Иң башта Алла күк менән ерҙе яратты. Әле рәүеше лә булмаған ер буп-буш, ә ҡараңғыға сумған икһеҙ-сикһеҙ даръя һыуҙары өҫтөндә Алланың рухы һиҙелә ине. Алла: «Яҡтылыҡ булһын», – тине. Яҡтылыҡ булды. Алла яҡтылыҡтың яҡшы икәнен күрҙе һәм уны ҡараңғылыҡтан айырҙы. Алла яҡтылыҡты – «көн», ә ҡараңғылыҡты «төн» тип атаны. Кис булды, таң атты – беренсе көн булды. Алла: «Һыуҙар араһында көмбәҙ хасил булһын, һыуҙарҙы бер-береһенән айырһын», – тине. Шулай булды: Алла көмбәҙҙе бар ҡылды һәм көмбәҙ аҫтындағы һыуҙарҙы көмбәҙ өҫтөндәге һыуҙарҙан айырҙы. Алла көмбәҙгә «күк» тип исем бирҙе. Кис булды, таң атты – икенсе көн булды. Алла: «Күк аҫтындағы һыу бер урынға йыйылһын да, ҡоро тупраҡ күренһен», – тине. Шулай булды. Алла ҡоро урынға «ер» тип исем бирҙе, ә йыйылған һыуҙарҙы «диңгеҙ» тип атаны. Алла бының яҡшы икәнен күрҙе. Алла: «Ерҙән үҫемлектәр – орлоҡ бирә торған үләндәр һәм емешендә орлоғо булған төрлө ағастар үҫеп сыҡһын, орлоҡтары ергә сәселһен», – тине. Шулай булды. Ер үҫемлектәр – орлоҡ бирә торған үләндәр һәм емешендә орлоғо булған төрлө ағастар үҫтерҙе. Алла бының яҡшы икәнен күрҙе. Кис булды, таң атты – өсөнсө көн булды. Алла: «Күк көмбәҙендә көндө төндән айырған яҡтыртҡыстар булһын. Улар байрамдарҙы, көндәрҙе һәм йылдарҙы күрһәтһен, – тине. – Әйҙә улар күк көмбәҙенән нур һибеп, ер өҫтөн яҡтыртып торһон». Шулай булды. Ҙурырағы – көн, бәләкәйерәге төн менән идара итһен өсөн Алла ике ҙур яҡтыртҡыс яратты, йәнә йондоҙҙар хасил итте. Кис булды, таң атты – дүртенсе көн булды. Алла: «Һыу тере йән эйәләре менән тулһын, ә ер өҫтөндә, күк көмбәҙе аҫтында, ҡоштар осоп йөрөһөн», – тине. Алла ғәләмәт ҙур диңгеҙ хайуандарын һәм һыуҙа ҡайнап-мыжғып торған һәр төрлө йән эйәләрен, төрлө-төрлө ҡанатлы ҡоштарҙы бар ҡылды. Алла бының яҡшы икәнен күрҙе. Алла уларға фатихаһын биреп, былай тине: «Үрсегеҙ, ишәйегеҙ, диңгеҙ һыуҙарында тулып-мыжғып тороғоҙ; ә ер йөҙөндә ҡош-ҡорт күбәйгәндән-күбәйһен». Кис булды, таң атты – бишенсе көн булды. Алла: «Ер үҙендә һәр төрлө йән эйәләрен – мал-тыуар, һөйрәлеүселәр һәм кейек-януарҙар барлыҡҡа килтерһен», – тине. Шулай булды. Алла төрлө-төрлө кейек-януарҙар, мал-тыуар һәм ер өҫтөндә мыжғып йөрөгән һәр төрлө һөйрәлеүсе йәнлектәрҙе хасил итте. Алла бының яҡшы икәнен күрҙе. Алла әйтте: «Үҙ сүрәтебеҙҙә һәм Үҙебеҙгә оҡшатып кешене бар ҡылайыҡ. Ул диңгеҙҙәрҙәге балыҡтарға, һауалағы ҡоштарға, мал-тыуарға, бөтә ер йөҙөнә, ер өҫтөндәге барлыҡ тереклек һәм һөйрәлеүселәргә хаким булһын». Алла кешене Үҙ сүрәтендә, Аллаға оҡшатып яратты – Алла уларҙы ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ итеп яратты. Алла уларға фатиха ҡылып әйтте: «Үрсегеҙ, күбәйегеҙ, ер өҫтөндә таралығыҙ һәм уға хужа булығыҙ. Диңгеҙҙәрҙәге балыҡтар, һауалағы ҡоштар һәм ерҙәге бөтә йәнлектәр өҫтөнән хакимлыҡ итегеҙ». Алла тағы ла былай тине: «Бына Мин һеҙгә орлоҡло бөтә үҫемлектәрҙе, эсендә орлоғо булған төрлө емеш ағастарын бирәм. Улар һеҙгә ризыҡ булыр. Ә кейектәргә, ҡош-ҡортҡа һәм ерҙәге бөтә йәнлектәргә – эсендә йәне булған һәр нәмәгә – аҙыҡ итеп йәшел үлән бирәм». Шулай булды. Алла Үҙе бар ҡылған донъяны байҡаны – ул бик яҡшы ине. Кис булды, таң атты – алтынсы көн булды. Күк һәм ерҙең, ундағы бөтә нәмәнең яратылыуы бына шулай тамамланды. Етенсе көнгә Алла Үҙенең эшен теүәлләне. Етенсе көндә Үҙенең барлыҡ эштәрен тамамлап, Ул ял итте. Алла етенсе көндө фатихаланы һәм уны изге көн итеп айырҙы, сөнки бөтә бар ҡылыуға ҡағылышлы эштәрен тамамлап, был көндә Ул ял итте. Күк һәм ер яратылышы бына шулай. Раббы Алла ер менән күкте яратҡанда, ерҙә бер генә ҡыуаҡлыҡ та, бер генә үлән дә юҡ ине, сөнки Раббы Алла ергә ямғыр яуҙырмағайны әле. Тупраҡты эшкәртергә кеше лә юҡ ине. Ерҙе тик ер аҫтынан сыҡҡан һыуҙар ғына һуғарҙы. Раббы Алла әҙәмде тупраҡтан әүәләне һәм танау тишегенә йәшәү һулышы өрҙө. Шулай итеп, кеше тере йән эйәһе булды. Раббы Алла көнсығышта, Ғедәндә, бер баҡса ултыртты һәм Үҙе яратҡан әҙәмде шунда урынлаштырҙы. Раббы Алла баҡсала тәмле емеш биргән төрлө-төрлө матур ағастар үҫтерҙе, ә баҡса уртаһында тормош ағасы һәм яҡшылыҡ менән яуызлыҡты танып-белеү ағасы бар ине. Ғедәндән ағып сыҡҡан йылға баҡсаны һуғара һәм артабан дүрт тармаҡҡа айырыла ине. Уларҙың береһе Пишон тип атала, ул Хауила ерен – алтын сыҡҡан ерҙәрҙе уратып аға. Был ерҙең алтыны саф ине. Бында тағы хуш еҫле ыҫмала менән оникс бар. Икенсе йылға Гихон тип атала, ул Куш ерҙәре буйлап аға. Өсөнсө йылғаның исеме – Тигр, ул Ашшурҙың көнсығышынан аға. Дүртенсе йылға – Евфрат. Раббы Алла кешене Ғедән баҡсаһына урынлаштырҙы һәм уға баҡсаны эшкәртергә, һаҡларға ҡушты. Раббы Алла кешегә: – Һин был баҡсалағы теләгән бер ағастың емешен ашай алаһың, тик яҡшылыҡ менән яуызлыҡты танып-белеү ағасының емешен ашама, – тип бойорҙо, – сөнки уның емешен ашаған көндө мотлаҡ үләсәкһең. Һуңынан Раббы Алла былай тине: – Кешенең яңғыҙ булыуы яҡшы түгел; уға үҙенә лайыҡ бер ярҙамсы яратайым. Раббы Алла тупраҡтан һәр төрлө ҡыр хайуандарын һәм һауалағы бөтә ҡоштарҙы бар ҡылды. Һәр береһенә ниндәй исем ҡушыласағын күрер өсөн Раббы Алла уларҙың бөтәһен дә әҙәм алдына алып килде. Әҙәм ҡайһыһына ниндәй атама бирһә, ул йән эйәһе шул атама менән танылды. Кеше бөтә мал-тыуарға, барлыҡ ҡоштарға һәм ҡыр йәнлектәренә исем бирҙе; әммә кешегә яраҡлы ярҙамсы табылманы. Шунда Раббы Алла кешене тәрән йоҡоға талдырҙы. Ул йоҡлап киткәс, бер ҡабырғаһын алып, урынын ит менән ҡапланы. Раббы Алла кешенән алған ҡабырғанан бер ҡатын яратты һәм уны кешегә алып килде. Әҙәм әйтте: – Бына был һөйәк – минең һөйәгемдән, Ите – минең итемдән. «Ҡатын» тип аталасаҡ ул, Сөнки ирҙән алынды. Бына шуға күрә ир кеше, атаһы менән әсәһен ҡалдырып, ҡатынына ҡушылыр һәм улар бер тән булыр. Әҙәм дә, ҡатыны ла шәрә ине, әммә улар бынан оялманы. Раббы Алла бар иткән бөтә йәнлектәр араһында йылан иң хәйләкәре ине. Ул ҡатындан: – Ысынлап та Алла һеҙгә баҡсалағы бер ағастың да емешен ашарға рөхсәт итмәнеме? – тип һораны. – Ағастарҙың емешен ашай алабыҙ беҙ, – тине ҡатын йыланға. – Алла, бары баҡса уртаһындағы ағастың ғына емешен ашамағыҙ, хатта теймәгеҙ ҙә, юғиһә үлерһегеҙ, тине. – Юҡ, үлмәйһегеҙ, – тине йылан ҡатынға. – Тик Алла шуны белә: ул ағастың емешен ашаған көндө күҙегеҙ асыласаҡ та, яҡшылыҡ менән яманлыҡты белеп, Алла кеүек буласаҡһығыҙ. Ҡатын күрҙе: ағастың емешен ашағы килеп тора. Улар ҡарар күҙгә күркәм, өҫтәүенә, аң-белем биреүе менән ҡыҙыҡтыра. Шуға күрә ул бер емеште алды ла ашаны. Шунан янындағы иренә лә бирҙе, ул да ашаны. Икеһенең дә күҙҙәре асылды һәм үҙҙәренең яланғас булғандарын аңланылар. Шуға күрә инжир япраҡтарынан алъяпҡыс әтмәлләп алдылар. Көн ҡыҙыуы һүрелгәс, улар баҡсала йөрөгән Раббы Алланың тауышын ишеттеләр ҙә, унан ҡасып, ағас араһына йәшенделәр. – Ҡайҙа һин? – тип өндәште Раббы Алла әҙәмгә. – Баҡсала тауышыңды ишеттем дә, яланғас булыуымдан ҡурҡып, йәшендем, – тип яуап бирҙе әҙәм. – Яланғас икәнеңде һиңә кем әйтте? – тип һораны Раббы Алла. – Мин ашамаҫҡа ҡушҡан ағастың емешен ашаныңмы әллә? – Һин миңә иш булһын тип биргән ҡатын – ул бирҙе миңә был ағастың емешен, ә мин ашаным, – тип яуапланы әҙәм. Раббы Алла ҡатындан: – Ниңә улай эшләнең? – тип һораны. Ҡатын: – Мине йылан ҡотортто, шуға ашаным, – тине. Раббы Алла йыланға былай тине: «Ҡәһәр алдың был ҡылығың өсөн, Барлыҡ мал-тыуар, кейектәр араһында ҡәһәрле һин. Ҡарының өҫтөндә шыуышып йөрөрһөң, Тупраҡ менән туҡланырһың. Һинең менән ҡатын араһына, Һинең тоҡом менән уның тоҡомо араһына Дошманлыҡ һалам Мин. Ҡатындың улы башыңды иҙер, Һин уның үксәһен сағырһың». Раббы Алла ҡатынға былай тине: «Ғазаплы итәм йөклө сағыңды, Яфаланып табырһың балаңды. Иреңде гел көҫәп торорһоң: Ул һинең хакимың булыр». Ә әҙәмгә Раббы Алла шуны әйтте: «Ҡатыныңдың һүҙен тыңлап, Мин ашама тип тыйған ағастың Емешен ашаған өсөн Тупраҡ һинең арҡаңда ҡәһәрләнде: Ғүмерең буйы яфаланып табасаҡһың ризығыңды. Тупраҡ сәнскәк менән билсән үҫтерәсәк һиңә, Ҡырҙағы үләндәр менән туҡланырһың. Тупраҡҡа кире ҡайтҡанға тиклем Әсе тир түгеп табырһың икмәгеңде. Сөнки тупраҡһың, тупраҡтан яратылдың, Ҡабат тупраҡҡа әйләнәсәкһең». Әҙәм ҡатынына Һауа тип исем бирҙе, сөнки ул бөтә әҙәм балаларының әсәһе булды. Раббы Алла, тиренән кейем-һалым эшләп, Әҙәм һәм уның ҡатынын кейендерҙе. Шунан Раббы Алла былай тине: – Бына Әҙәм, яҡшылыҡ менән яманлыҡты белеп, беҙҙең беребеҙ кеүек булды. Инде тереклек ағасының емешен өҙөп ашап, үлемһеҙ ҙә булып ҡуймаһын тағы! Шулай итеп, Раббы Алла, үҙе яратылған тупраҡты эшкәртһен өсөн, Әҙәмде Ғедән баҡсаһынан сығарып ебәрҙе. Әҙәмде ҡыуып сығарҙы ла, тереклек ағасына илткән юлды һаҡлау өсөн, Ғедән баҡсаһының көнсығыш яғына кирубтар һәм әйләнеп торған утлы ҡылыс ҡуйҙы. Әҙәм ҡатыны Һауа менән яҡынлыҡ ҡылды. Һауа ауырға ҡалды һәм Ҡабил исемле улын тапты. «Раббы рәхмәте менән уллы булдым», – тине Һауа. Шунан һуң Ҡабилдың ҡустыһы Һабилды тыуҙырҙы. Һабил һарыҡ көттө, ә Ҡабил ер эшкәртте. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Ҡабил үҫтереп алған уңышынан Раббыға бүләк килтерҙе. Һабил да көтөүендәге тәүге үрсем бәрәстәрен һәм уларҙың эс майын алып килде. Раббы Һабилды һәм уның бүләген хуш күрҙе, ә Ҡабилды һәм уның бүләген оҡшатманы. Асыуҙан Ҡабилдың һөмһөрө ҡойолдо. – Ниңә кәйефең ҡырылды? – тип һораны Раббы Ҡабилдан. – Ниңә йөҙөңдө һөрөм ҡапланы? Ҡылғаның яҡшы булһа, Мин ҡабул итмәҫ инемме ни? Әммә ҡылғаның яҡшы булмаһа, гонаһ, ишек төбөндә боҫоп, һине һағалар. Әммә-ләкин һин уға хужа бул. Ҡабил ҡустыһы Һабилға: – Әйҙә, яланға сығайыҡ, – тине. Бергәләп яланға сыҡтылар. Шунда Ҡабил Һабилға ташланды ла уны үлтерҙе. Раббы Ҡабилдан: – Һабил ҡустың ҡайҙа? – тип һораны. – Белмәйем, – тип яуапланы Ҡабил. – Әллә мин ҡустыма һаҡсымынмы? – Нишләнең һин? – тине Раббы. – Туғаныңдың ҡаны тупраҡтан Миңә иңрәп өндәшә! Туғаныңдың һинең ҡулың менән түгелгән ҡанын йотор өсөн ауыҙын асҡан тупраҡ һине ҡәһәрләй. Инде нисек кенә эшкәртһәң дә, ул һиңә уңышын бирмәҫ. Ер йөҙөндә берәҙәк булып ҡыуылып йөрөйәсәкһең. – Язам күтәрә алмаҫлыҡ ауыр, – тине Ҡабил Раббыға. – Бына бөгөн Һин мине был тупраҡтан ҡыуаһың. Һинең хозурыңдан йәшенеп, ер йөҙөндә берәҙәк һәм ҡасаҡ буласаҡмын. Юлымда кем тап килә, шул мине үлтерәсәк. Әммә Раббы былай тине: – Кем дә кем Ҡабилды үлтерә, шул кешенән ете тапҡыр артығыраҡ ҡон ҡайтарылыр. Шулай итеп, Раббы, осраған кешеләрҙең береһе лә үлтермәһен өсөн, Ҡабилға киҫәтеүсе тамға һалды. Ҡабил, Раббы хозурынан китеп, Ғедәндән көнсығыштағы Нод ерендә урынлашты. Ҡабил ҡатыны менән яҡынлыҡ ҡылды. Ҡатыны ауырға ҡалды һәм улы Ханохты тапты. Ҡабил ҡала төҙөнө, уны улының исеме менән Ханох тип атаны. Ханохтың улы Ғирад, Ғирадтың – Мехияил, Мехияилдың – Меҫушаил, Меҫушаилдың Ләмәх исемле улдары тыуҙы. Ләмәх ике ҡатынға өйләнде, береһенең исеме Ғада, икенсеһенеке Силла ине. Ғаданың Явал исемле улы тыуҙы. Явал мал аҫрап сатырҙа йәшәгән халыҡтарҙың тәүбабаһы булды. Явалдың ҡустыһы Ювал исемле ине – унан көснәлә һәм һыбыҙғыла уйнаусылар нәҫеле таралды. Силланың Тувал-Ҡаин исемле улы тыуҙы. Тувал-Ҡаин баҡырҙан һәм тимерҙән һәр төрлө ҡоралдар яһау оҫтаһы булды. Тувал-Ҡаиндың Нағама исемле ҡыҙ туғаны бар ине. Ләмәх ҡатындарына былай тине: – Ғада, Силла, тауышымды ишетегеҙ! Эй Ләмәхтең ҡатындары, һүҙемә ҡолаҡ һалығыҙ: Мине яралаған өсөн бер кеше үлтерәм! Мине зыянлаған өсөн бер егет үлтерәм! Ҡабил өсөн ете тапҡыр үс алынһа, Ләмәх өсөн етмеш ете тапҡыр артыҡ булыр! Әҙәм ҡатыны менән тағы яҡынлыҡ ҡылды. Һауа ир бала тапты. «Алла миңә Ҡабил үлтергән Һабил урынына тағы бер ул бүләк итте», – тип, балаға Шеҫ тигән исем бирҙе. Шеҫтың да бер улы булды, уны Әнош тип атаны. Шул дәүерҙәрҙән алып кешеләр доғаларын Раббы исеменә бағышлай башланы. Бына Әҙәмдең һәм уның нәҫел-нәсәбенең шәжәрәһе. Алла кешене яратҡанда, уны Үҙенә оҡшатып бар ҡылды. Алла уларҙы ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ итеп яратты, уларға фатиха ҡылды. Яратҡан көнөндә уларға «кеше» тип исем бирҙе. Әҙәмгә йөҙ ҙә утыҙ йәш тулғанда, уның улы тыуҙы – тап үҙенә оҡшағайны һәм үҙе рәүешле ине. Әҙәм уға Шеҫ тип исем бирҙе. Шеҫ тыуғандан һуң, Әҙәм һигеҙ йөҙ йыл йәшәне; уның башҡа улдары һәм ҡыҙҙары ла тыуҙы. Әҙәм туғыҙ йөҙ утыҙ йыл йәшәп вафат булды. Шеҫҡа йөҙ ҙә биш йәш тулғанда, уның улы Әнош тыуҙы. Әнош тыуғандан һуң, Шеҫ һигеҙ йөҙ ете йыл йәшәне; тағы ла улдары һәм ҡыҙҙары тыуҙы. Шеҫ туғыҙ йөҙ ун ике йыл йәшәп вафат булды. Әношҡа туҡһан йәш булғанда, улы Ҡынан тыуҙы. Ҡынан тыуғандан һуң, Әнош һигеҙ йөҙ ун биш йыл йәшәне; уның тағы улдары һәм ҡыҙҙары тыуҙы. Әнош туғыҙ йөҙ биш йыл йәшәгәндән һуң вафат булды. Ҡынанға етмеш йәш булғанда улы Маһалалил тыуҙы. Маһалалил тыуғандан һуң, Ҡынан һигеҙ йөҙ ҡырҡ йыл йәшәне; уның башҡа улдары һәм ҡыҙҙары ла булды. Ҡынан туғыҙ йөҙ ун йыл йәшәп вафат булды. Маһалалилға алтмыш биш йәш булғанда, улы Йәрәд тыуҙы. Йәрәд тыуғандан һуң, Маһалалил һигеҙ йөҙ утыҙ йыл йәшәне; уның тағы ла улдары һәм ҡыҙҙары бар ине. Маһалалил һигеҙ йөҙ туҡһан биш йыл йәшәп вафат булды. Йәрәдкә йөҙ ҙә алтмыш ике йәш булғанда, уның улы Ханох тыуҙы. Ханох тыуғандан һуң, Йәрәд һигеҙ йөҙ йыл йәшәне; уның тағы ла улдары һәм ҡыҙҙары тыуҙы. Туғыҙ йөҙ алтмыш ике йыл йәшәп, Йәрәд вафат булды. Ханохҡа алтмыш биш йәш булғанда, улы Меҫушелах тыуҙы. Меҫушелах тыуғандан һуң, Ханох өс йөҙ йыл йәшәне, ғүмере буйына ул Алла юлында йөрөнө. Уның тағы ла улдары һәм ҡыҙҙары булды. Ханох өс йөҙ ҙә алтмыш биш йыл йәшәне, ғүмере буйы ул Алла юлында йөрөнө. Шунан Ханох юҡ булды, сөнки Алла уны Үҙ янына алды. Меҫушелахҡа йөҙ ҙә һикһән ете йәш булғанда, уның улы Ләмәх тыуҙы. Ләмәх тыуғандан һуң, Меҫушелах ете йөҙ һикһән ике йыл йәшәне; уның башҡа улдары һәм ҡыҙҙары ла бар ине. Меҫушелах туғыҙ йөҙ алтмыш туғыҙ йыл йәшәп вафат булды. Ләмәхкә йөҙ ҙә һикһән ике йәш булғанда, уның улы тыуҙы. Ләмәх уға Нух тип исем бирҙе һәм: «Раббы ҡәһәрләгән тупраҡты эшкәртеп ҡулдарыбыҙ талсыҡҡанда, ул беҙгә йыуаныс бирер», – тине. Нух тыуғандан һуң, Ләмәх биш йөҙ туҡһан биш йыл йәшәне; уның тағы ла улдары һәм ҡыҙҙары тыуҙы. Ләмәх бөтәһе ете йөҙ етмеш ете йыл йәшәп вафат булды. Нух биш йөҙ йыл йәшәгәндән һуң, уның Шем, Хам һәм Йәфәҫ исемле улдары тыуҙы. Раббы әйтте: – Минең рухым кешелә мәңгелеккә ҡалмаясаҡ, сөнки кеше үлемле. Уның ғүмер оҙонлоғо йөҙ ҙә егерме йыл булыр. Алла улдары кеше ҡыҙҙарына өйләнеп, ҡыҙҙар уларҙан бала тапҡан замандарҙа, һәм унан һуңыраҡ та, ерҙә бәһлеүәндәр булған. Баһадир булған улар, исемдәрен данға күмгәндәр. Раббы күрҙе: ер йөҙөндә кешеләр бик ныҡ аҙған – уларҙың бөтә уй-ниәте һәр саҡ яуызлыҡта. Раббы ерҙә кешене яратыуына үкенде һәм йөрәге әрнене. Раббы: – Үҙем бар ҡылған кешеләрҙе, шулай уҡ мал-тыуар, кейек-януарҙар һәм бөтә ҡош-ҡортто ер йөҙөнән юҡ итәм, сөнки уларҙы яратҡаныма үкенәм, – тине. Бары Нух ҡына Раббы күңеленә хуш ине. Нухтың тарихы былай: замандаштары араһында тик Нух ҡына тәҡүә, кәмселекһеҙ әҙәм ине; Алла юлында йөрөнө. Нухтың Шем, Хам, Йәфәҫ исемле өс улы бар ине. Алла күрҙе: ер йөҙө боҙолған, яуызлыҡ менән тулған. Алла ер йөҙөн күҙҙән үткәрҙе лә кешеләрҙең боҙоҡлоҡҡа батҡанын күрҙе, сөнки бөтә әҙәм балалары юлдан яҙғайны. Алла Нухҡа былай тине: – Бөтә кешелек донъяһын юҡҡа сығарам, сөнки ер улар арҡаһында яуызлыҡ менән тулды. Шуға күрә Мин уларҙы ер менән бергә юҡ итергә булдым. Һин үҙеңә гофәр ағасынан көплө кәмә яһа, уны бүлмәләргә бүл, эсен-тышын ыҫмалалап сыҡ. Кәмәнең ҙурлығы былай булһын: оҙонлоғо өс йөҙ терһәк, киңлеге илле терһәк, ә бейеклеге утыҙ терһәк. Кәмәнең өҫкө өлөшөндә бер терһәк асыҡлыҡ ҡалдыр, ҡабырға яҡтан ишек уй. Кәмәнең эсендә аҫҡы, урта, өҫкө ҡаттар булһын. Мин, туфан һыуҙары ҡалҡытып, күктәр аҫтында эсендә йәне булған бөтә нәмәне юҡ итәм, ерҙәге бар тереклек ҡырылып бөтәсәк. Әммә һинең менән Минең шундай килешеү булыр: һин улдарың, ҡатының, килендәрең менән көплө кәмәгә ин. Кәмәгә үҙең менән бөтә төр йән эйәләренән аталы-инәле икешәр йәнлек тә ал, улар һинең менән бергә иҫән ҡалһын. Һәр төрлө ҡош-ҡорттан, мал-тыуарҙан һәм ер йөҙөндәге бөтә төр йәнлектән аталы-инәле икешәр йән эйәһе, һинең менән кәмәгә инеп, тере ҡалһын. Үҙең менән төрлө ризыҡ ал – үҙеңә лә, йәнлектәргә лә етерлек булһын. Нух бөтәһен дә Алла бойорғанса эшләне. Раббы Нухҡа былай тине: – Бөтә ғаиләңде алып, кәмәгә ин, был быуын кешеләре араһында бары һин генә Минең хозурымда тоғро булдың. Ер йөҙөндә тоҡомдары һаҡланып ҡалһын өсөн хәләл хайуандарҙың һәр төрөнән аталы-инәле етешәр, хәрәм хайуандарҙан аталы-инәле икешәрҙе, шулай уҡ ҡоштарҙан аталы-инәле етешәрҙе ал. Ете көндән һуң Мин ергә ҡырҡ көн, ҡырҡ төн буйына ямғыр яуҙырырмын. Үҙем бар ҡылған һәммә нәмәне ер йөҙөнән юҡ итәсәкмен. Нух бөтәһен дә Раббы бойорғанса эшләне. Ер йөҙөнә туфан ҡалҡҡан саҡта, Нухҡа алты йөҙ йәш ине. Нух, туфан һыуынан ҡотолор өсөн, улдары, ҡатыны, килендәре менән кәмәгә менде. Һәр төрлө хәләл һәм хәрәм хайуандарҙан, ҡош-ҡорттан һәм һөйрәлеүселәрҙән аталы-инәле ҡушарлап-ҡушарлап Нух янына килеп, кәмәгә менделәр. Алла нисек бойорһа, шулай булды. Ете көн үтте, һәм ергә туфан ҡалҡты. Нухҡа алты йөҙөнсө йәш барғанда, йылдың икенсе айының ун етенсе көнөндә Йырылдылыр сикһеҙ даръя һыуы, Асылдылыр күктең ҡабағы – Ҡырҡ көн ҡойолдо ергә туфан һыуы, Ҡырҡ төн яуҙы туфан ямғыры. Нух улдары Шем, Хам, Йәфәҫ, ҡатыны, өс килене менән тап ошо көндө кәмәгә инде. Улар менән бергә һәр төрлө хайуандар, мал-тыуар, һөйрәлеүселәр, һәр төрлө ҡоштар береһе артынан береһе тоҡом-тоҡом булып кәмәгә менде. Уның кәмәһенә тере йән эйәләренең бөтә тоҡомдары ҡушарлап аталы-инәле инде – Алла бойорғанса булды. Нух кергәс, Раббы көплө кәмәнең ишеген ябып ҡуйҙы. Ҡырҡ көн дауам итте туфан. Һыу артҡандан-арта барҙы, ерҙе тотош ҡаплап алды һәм кәмә һыу өҫтөндә йөҙөп йөрөй башланы. Һыу күтәрелгәндән-күтәрелде, ер өҫтөндәге бөтә бейек тауҙарҙы баҫып китте. Тауҙарҙың өҫтөнән һыу ун биш терһәк күтәрелде, улар һыу аҫтында ҡалды. Ер йөҙөндә йәшәгән бөтә йән эйәләре: ҡош-ҡорт, мал-тыуар, кейек-хайуандар, һөйрәлеүселәр, кешеләр һәләк булды; һулыш алған бөтә тереклек ҡырылды. Раббы ер йөҙөндә булған бөтә йән эйәһен юҡҡа сығарҙы: кеше менән бергә мал-тыуар, һөйрәлеүселәр, күктәге ҡоштарға тиклем бөтә нәмә үлеп бөттө. Нух менән уның кәмәһендә булғандар ғына иҫән ҡалды. Туфан йөҙ илле көн дауам итте. Әммә Алла Нухты, уның кәмәһендә булған мал-тыуарҙы һәм ҡыр хайуандарын онотманы: Алла ергә ел ебәрҙе, шунан һыу күтәрелеүҙән туҡтаны. Туҡталдылыр туфан ташҡыны, Ябылдылыр күктең ҡабағы, Баҫылдылыр ҡойма ямғыры. Әкренләп һыу ҡайта башланы, йөҙ ҙә илле көн тулыуға, һыу кәмеүгә табан китте. Етенсе айҙың ун етенсе көнөндә кәмә Арарат тауҙары түбәһенә килеп терәлде. Йылдың унынсы айына тиклем һыу яйлап кәмей барҙы, унынсы айҙың беренсе көнөндә тау түбәләре күренде. Ҡырҡ көн үткәс, Нух, кәмәлә үҙе уйған тәҙрәне асып, тышҡа ҡоҙғондо осороп ебәрҙе. Ер өҫтөндәге һыуҙар ҡороғанға тиклем, ҡоҙғон бер китеп, бер килеп осоп йөрөнө. Артабан, ерҙә һыуҙың ҡайтҡан-ҡайтмағанын белер өсөн, Нух күгәрсенде осороп сығарҙы. Әммә күгәрсен, ҡуныр урын тапмайынса, кәмәгә кире ҡайтты, сөнки ер һыу аҫтында ине әле. Нух, ҡулын һоноп, күгәрсенде кәмә эсенә индерҙе. Ете көн үткәс, ул күгәрсенде яңынан сығарҙы. Күгәрсен уға кис кенә әйләнеп ҡайтты – суҡышында яңы ғына өҙөлгән зәйтүн япрағын килтергәйне. Нух ер өҫтөнән һыуҙың ҡайтҡанын аңланы. Ул тағы ете көн көтөп торҙо ла күгәрсенде йәнә сығарҙы. Был юлы күгәрсен әйләнеп ҡайтманы. Нухҡа алты йөҙ беренсе йәш киткәндә, беренсе айҙың беренсе көнөндә ер өҫтөндәге һыу тулыһынса ҡайтты. Нух кәмәнең ҡыйығындағы тәҙрәне асып ҡарағайны, ерҙең кипшергәнен күрҙе. Икенсе айҙың егерме етенсе көнөндә ер кипкәйне. Алла Нухҡа былай тине: – Ҡатының, улдарың һәм килендәрең менән кәмәнән сыҡ; үҙең менән алған бөтә йән эйәләрен – ҡош-ҡорт, мал-тыуар, һөйрәлеп йөрөй торған йәнлектәрҙе сығар, улар ер йөҙөндә таралһын һәм үрсеһен, бихисап артһын. Нух улдары, ҡатыны һәм килендәре менән кәмәнән сыҡты. Улар артынан хайуандар, һөйрәлеүселәр, ҡош-ҡорт, ер йөҙөндә йәшәгән һәммә йән эйәһе тоҡом-тоҡом булып сыҡты. Нух Раббыға бағышлап ҡорбан усағы эшләне, бөтә төр хәләл малдан һәм хәләл ҡош-ҡорттан тотош яндырыу ҡорбаны килтерҙе. Раббы, ҡорбандың хуш еҫен тойғас, Үҙ-Үҙенә: «Башҡаса кешеләр арҡаһында ергә ҡәһәремде һалмам, сөнки кеше күңелендә яуызлыҡ бала сағынан уҡ була; бүтәнсә тереклекте юҡ итмәм. Ер имен-аман торғанда: Сәсеү менән ураҡ, Эҫе менән һыуыҡ, Йәй менән ҡыш, Көн менән төн Һәр ваҡыт буласаҡ», – тине. Алла Нухҡа һәм уның улдарына былай тип фатиха бирҙе: – Үрсегеҙ, ишәйегеҙ, ер йөҙөнә таралығыҙ. Ерҙәге бөтә хайуандар, һауалағы һәммә осар ҡоштар, ерҙәге бар булған йәнлектәр, диңгеҙҙәрҙә йөҙөп йөрөгән балыҡтар алдығыҙҙа ҡурҡып-тетрәнеп торһон: улар һеҙҙең ихтыярығыҙға бирелә. Ерҙә хәрәкәт иткән һәр бер йән эйәһе, үҫемлектәр кеүек үк, һеҙгә аҙыҡ булһын, уларҙың барыһын да һеҙгә бирәм. Әммә йәне булғанды, йәғни ҡанлы итте, ашамағыҙ. Ҡанығыҙ ҡойолоп, йәнегеҙ ҡыйылһа, ҡан ҡойғандың – йыртҡысмы ул, әллә туғанының ғүмерен өҙгән бәндәме – үҙенең ҡаны ҡойолоуға дусар итәсәкмен. Әгәр берәү ҡойһа әҙәм ҡанын, Үҙ ҡаны ла кеше ҡулынан түгелһен, Сөнки Алла кешене Үҙ сүрәтендә яратты. Һеҙ иһә үрсегеҙ, ишәйегеҙ, ер йөҙөнә таралығыҙ һәм артығыҙ! Алла Нухҡа һәм уның уландарына былай тине: Һеҙҙең менән Минең килешеүем буйынса, бынан һуң бар тереклек туфан һыуында һәләк булмаҫ һәм ер йөҙөн бушлыҡҡа әйләндергән туфан бер ваҡытта ла ҡабатланмаҫ. Алла тағы былай тине: – Минең һеҙҙең менән, бөтә тереклек менән мәңгелеккә төҙөгән килешеү билдәһе бына ошо булыр: болоттарға йәйәмде – йәйғорҙо – элеп ҡуям, был Минең менән ер йөҙө араһындағы килешеү билдәһе булыр. Мин ер йөҙөнә ямғыр болото ебәреп, болот араһында йәйғор күренгән һайын, һеҙҙең менән, бөтә тереклек менән төҙөгән килешеүемде иҫләрмен. Бөтә тереклекте һәләк итеүсе туфан һыуы башҡаса ҡалҡмаҫ. Болоттар араһында йәйғоромдо күргәс, ерҙә йәшәгән бөтә тере йән эйәләре менән мәңгелек килешеүем иҫкә төшөр. – Минең ер йөҙөндә йәшәгән һәммә тере йән менән төҙөгән килешеү билдәһе шул булыр, – тине Алла Нухҡа. Нухтың көплө кәмәнән сыҡҡан улдары – Шем, Хам һәм Йәфәҫ. Хам – Ҡәнғәндең атаһы. Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар Нухтың ошо өс улынан таралған. Нух ер эшкәртә башланы; беренсе булып йөҙөм баҡсаһы ултыртты. Бер саҡ Нух, шарап эсеп иҫереп, сатыры эсендә шәрә килеш ята ине. Ҡәнғәндең атаһы Хам, уның яланғас ятҡанын күреп, был хаҡта ағаларына һөйләне. Шул саҡта Шем менән Йәфәҫ, яурындарына сәкмән һалып, аталарының сатырына арттары менән инделәр ҙә өҫтөнә шул сәкмәнде ябып сыҡтылар. Улар, арттарын ҡуйып ингәнлектән, аталарының яланғас тәнен күрмәне. Айнығып уянғас, кесе улының ни ҡылғанын белеп, Нух былай тине: – Ҡәһәр төшһөн Ҡәнғәнгә! Ағаларының ҡолдарының ҡоло булһын! Йәнә әйтте: – Шемдың Аллаһы Раббы мөбәрәк булһын! Ҡәнғән уға ҡол булһын. Алла Йәфәҫ биләмәләрен киң ҡылһын! Шемдың сатырҙарында йәшәһен! Ҡәнғән Йәфәҫкә ҡол булһын! Туфан ҡайтҡандан һуң, Нух өс йөҙ илле йыл йәшәне. Нух, йәмғеһе туғыҙ йөҙ илле йыл ғүмер кисереп, вафат булды. Бына Нухтың улдары Шем, Хам һәм Йәфәҫтең нәҫел шәжәрәләре. Туфан һыуы ҡайтҡандан һуң, Шем, Хам һәм Йәфәҫтең балалары тыуҙы. Йәфәҫтең улдары: Ғүмәр, Магог, Мадай, Яуан, Тувал, Мәшәх һәм Тирас. Ғүмәрҙең улдары: Ашкеназ, Рифаҫ һәм Тогарма. Яуандың ул-нәҫелдәре: Әлиша, Таршиш, шулай уҡ киттиҙәр һәм доданиҙар. Улар – һәр ҡайһыһы үҙ телдәрендә һөйләшеп, ырыу-ҡәбиләләр булып диңгеҙ ярында үҙ ерҙәрендә йәшәгән Йәфәҫ нәҫелдәре. Хамдың улдары: Куш, Мисраим, Пут һәм Ҡәнғән. Куштың улдары: Сева, Хауила, Савта, Рағма һәм Савтеха. Рағманың улдары: Шева менән Дедан. Куштың тағы Нимруд исемле улы бар ине, ул ер йөҙөндә иң беренсе батыр булды. Раббы алдында ҡеүәтле аусы ине ул. «Раббы хозурында Нимруд кеүек оҫта һунарсы» тигән әйтем шунан ҡалған. Тәүҙә уның батшалығына Шинғар ерҙәрендәге Бабил, Әрәх, Аккад, Калне ҡалалары инә ине. Был илдән ул Ашшурға китеп, унда Ниневегә, Реховот-Ирға һәм Калахҡа, шулай уҡ Ниневе менән Калах – ул бик ҙур ҡала – араһындағы Ресенға нигеҙ һалды. Мисраим луди, ғанами, леһави, нафтухи, паҫруси, каслухи (уларҙан пелештиҙәр тарала) һәм кафториҙарҙың тәүбабаһы булды. Ҡәнғәндең улдары: баш балаһы Сидон, Хит, шулай уҡ унан йевусиҙәр, әмөриҙәр, гиргашиҙәр, хиууиҙәр, ғарҡиҙар, синиҙәр, аруадиҙар, семариҙар һәм хамаҫиҙар тарала. Һуңынан Ҡәнғәндең нәҫел-ырыуы тирә-яҡҡа йәйелде. Уларҙың биләмәләре Сидондан алып Герар яғына табан Газаға тиклем, ә Содом, Ғамора, Адма һәм Севоим яғынан Лашағҡа тиклем һуҙыла. Былар – үҙ ерҙәрендә ырыу-ҡәбилә булып йәшәгән, үҙ телдәрендә һөйләшкән Хам нәҫелдәре. Йәфәҫтең ағаһы Шемдың да балалары булды. Шем бөтә Ғевәр нәҫеленең атаһы ине. Шемдың улдары: Ғелам, Ашшур, Арпахшад, Луд һәм Арам. Арамдың улдары: Ғус, Хул, Ғәҫәр һәм Маш. Арпахшад – Шелахтың, Шелах – Ғевәрҙең атаһы. Ғевәрҙең ике улы тыуҙы: береһенең исеме – Пәләг – сөнки тап шул ваҡытта ер бүленгәйне, икенсеһенеке – Йоҡтан. Йоҡтан – Алмодад, Шәләф, Хасармавеҫ, Ярах, Һадорам, Узал, Диҡла, Ғовал, Авимаил, Шева, Офир, Хауила һәм Йовавтың тәүатаһы. Былар барыһы ла – Йоҡтандан таралған нәҫелдәр. Уларҙың ерҙәре Мешанан көнсығышҡа табан Сефар тауҙарына хәтлем һуҙыла ине. Былар – үҙ ерҙәрендә ырыу-ҡәбилә булып йәшәгән, үҙ телдәрендә һөйләшкән Шем нәҫелдәре. Туфандан һуң Нух улдары нәҫеленән сыҡҡан һәм ырыу-ҡәбилә булып ер йөҙөнә таралған халыҡтарҙың нәҫел шәжәрәһе ошо. Башта донъяла бер тел булып, кешеләр бер үк төрлө һүҙҙәрҙе ҡуллана ине. Көнсығыштан күсеп барғанда кешеләр Шинғар ерендә тигеҙ урын таптылар ҙа шунда урынлаштылар. Бер-береһенә: – Әйҙәгеҙ, балсыҡтан кирбес һуғайыҡ та уны утта яндырайыҡ, – тинеләр. Шулай итеп, улар таш урынына кирбес, ә эзбиз иҙмәһе урынына ер аҫтынан сыҡҡан ҡара ыҫмала ҡуллана башланы. Шунан былай тинеләр: – Ер йөҙө буйлап таралышып бөтмәйек һәм исемебеҙҙе данға күмәйек тиһәк, үҙебеҙгә күккә ашып торған манаралы ҡала төҙөйөк. Раббы әҙәм балалары төҙөп ятҡан ҡала менән манараны ҡарарға тип аҫҡа төштө. – Бер үк халыҡ, бөтәһенең дә телдәре бер төрлө. Бына нимә эшләй башлағандар былар; ниәттәрен ғәмәлгә ашырмайынса туҡтамаясаҡтар! – тине Раббы. – Ергә төшәйек тә телдәрен бутап бөтәйек. Береһенең әйткәнен икенсеһе аңламаһын әйҙә! Раббы уларҙы бөтә ер йөҙөнә таратты – бына шулай улар ҡаланы төҙөүҙән туҡтаны. Шуға күрә был ҡала Бабил тип атала – Раббы унда ерҙәге барса кешеләрҙең телдәрен бутаны һәм ошо урындан уларҙы бөтә ер йөҙөнә сәсте. Бына Шемдың нәҫел шәжәрәһе: туфандан һуң ике йыл үткәс, Шемдың Арпахшад исемле улы тыуҙы. Арпахшад тыуғандан һуң, Шем биш йөҙ йыл йәшәне; уның тағы ла улдары һәм ҡыҙҙары булды. Арпахшадҡа утыҙ биш йәш булғанда, уның улы Шелах тыуҙы. Шелах тыуғандан һуң, Арпахшад дүрт йөҙ ҙә өс йыл йәшәне; уның башҡа улдары һәм ҡыҙҙары ла булды. Утыҙ йәшендә Шелахтың улы Ғевәр тыуҙы. Ғевәр тыуғандан һуң, Шелах дүрт йөҙ өс йыл йәшәне; уның башҡа улдары һәм ҡыҙҙары ла булды. Ғевәргә утыҙ дүрт йәш булғанда, улы Пәләг тыуҙы. Пәләг тыуғандан һуң, Ғевәр дүрт йөҙ утыҙ йыл йәшәне; уның башҡа улдары һәм ҡыҙҙары ла булды. Пәләгкә утыҙ йәш булғанда, улы Реғу тыуҙы. Реғу тыуғандан һуң, Пәләг ике йөҙ туғыҙ йыл йәшәне; уның тағы ла улдары һәм ҡыҙҙары булды. Реғуға утыҙ ике йәш булғанда, улы Серуг тыуҙы. Серуг тыуғандан һуң, Реғу ике йөҙ ете йыл йәшәне; уның тағы улдары һәм ҡыҙҙары булды. Серугка утыҙ йәш булғанда, улы Нахор тыуҙы. Нахор тыуғандан һуң, Серуг ике йөҙ йыл йәшәне; уның тағы улдары һәм ҡыҙҙары булды. Нахорға егерме туғыҙ йәш булғанда, улы Терах тыуҙы. Терах тыуғандан һуң, Нахор йөҙ ҙә ун туғыҙ йыл йәшәне; уның башҡа улдары һәм ҡыҙҙары ла булды. Етмеш йәшенән һуң Терахтың Ибрам, Нахор һәм Һаран исемле улдары тыуҙы. Бына Терахтың нәҫел шәжәрәһе: Терахтың Ибрам, Нахор һәм Һаран тигән улдары булды. Һарандың Лут исемле улы тыуҙы. Һаран атаһы Терах иҫән саҡта уҡ тыуған ерендә, халдейҙарҙың Ур ҡалаһында, вафат булды. Ибрам менән Нахор өйләнде: Ибрамдың ҡатынының исеме Сарая, ә Нахорҙың ҡатыны Милка исемле ине. Милка менән Иска Һарандың ҡыҙҙары ине. Сарая түлһеҙ булды, бала таба алманы. Терах халдейҙарҙың Ур ҡалаһынан Ҡәнғән еренә күсеп китте. Үҙе менән улы Ибрамды, ейәне Лутты, Һарандың улын, Ибрамдың ҡатынын – килене Сараяны алды. Харанға еткәс, шунда төпләнеп ҡалдылар. Терах ике йөҙ ҙә биш йәшендә Харанда вафат булды. Раббы Ибрамға былай тине: – Ер-һыуыңды, туған-ырыуыңды, атаң йортон ҡалдыр ҙа Мин күрһәткән ергә кит. Һинән бөйөк халыҡ тыуҙырырмын, Һине мөбәрәк ҡылырмын, атыңды бөйөк итермен; Һин фатиха-бәрәкәт сығанағы булырһың! Һиңә берәү фатихаһын бирһә, Мин дә уға фатихамды бирермен! Һине ҡәһәрләгәнде ҡәһәрләрмен! Ер йөҙөндәге барса халыҡтар Һинең аша фатиха аласаҡ. Ибрам, Раббы бойорғанса, юлға сыҡты. Лут та уның менән бергә китте. Харандан сыҡҡанда Ибрамға етмеш биш йәш ине. Ул үҙе менән бергә ҡатыны Сараяны, ҡустыһының улы Лутты, Харанда йыйған барлыҡ мөлкәтен, эйә булған бөтә хеҙмәтселәрен алып, Ҡәнғәнгә юл тотто. Ҡәнғәнгә килеп еттеләр. Ибрам был ерҙәрҙе Шәхәм тигән урындағы Море имәнлегенә тиклем арҡырыһын-буйын йөрөп сыҡты. Ул заманда бында ҡәнғәниҙәр йәшәй ине. Раббы, Ибрамға күренеп, былай тине: – Был ерҙе һинең тоҡомоңа бирәсәкмен. Ошо урында Ибрам үҙенә күренгән Раббыға бағышлап ҡорбан усағы эшләне. Артабан ул Бейт-Илдән көнсығышта ятҡан тауға табан китте. Сатырҙарын көнбайышта урынлашҡан Бейт-Ил менән көнсығыштағы Ғай ҡалалары араһына ҡорҙо. Ибрам ошонда Раббыға ҡорбан усағы эшләп, Раббы исеменә доға бағышланы. Ибрам тағы юлға сыҡты һәм Негевҡа табан йүнәлде. Был илдә көслө йот булғанлыҡтан, Ибрам Мысырға барып йәшәп торорға булды. Мысырға етеп килгәндә, ҡатыны Сараяға былай тине: – Мин беләм, һин бик матур ҡатынһың. Мысыр кешеләре, һине күрер ҙә: «Был уның ҡатыны», – тип мине үлтерер, һине тере ҡалдырыр. Шуға күрә уларға: «Мин уның һеңлеһемен», – тип әйт. Һинең хаҡҡа мине лә яҡшы ҡабул итерҙәр, һәм мин дә иҫән ҡалырмын. Ибрам Мысырға килеп еткәс, Мысыр кешеләре, ысынлап та, Сараяның ифрат һылыу икәнен күрҙе. Ҡатынды күргән һарай әһелдәре уның матурлығы хаҡында фирғәүенгә еткерҙе. Сараяны фирғәүендең һарайына алдылар. Сарая арҡаһында фирғәүен Ибрамға яҡшы мөнәсәбәттә булды. Ибрамдың эштәре көйләнде: уның һарыҡтары, һыйырҙары, ишәктәре, ҡолдары менән ҡолиәләре һәм дөйәләре ишәйеп китте. Әммә Раббы Ибрамдың ҡатыны Сараяны үҙенә алғаны өсөн фирғәүенгә һәм уның һарайындағы кешеләргә ауыр бәлә-ҡазалар ебәрҙе. Фирғәүен Ибрамды үҙ янына саҡырып алды ла: – Ни эшләттең һин мине? Ниңә уның ҡатының икәнен әйтмәнең? – тине. – Ни өсөн уны һеңлем тип әйттең? Һинең һүҙеңә ышанып, мин уға өйләнергә булғайным. Бына ҡатының, ал да кит! Фирғәүен үҙенең кешеләренә әмер бирҙе һәм Ибрамды ҡатыны, бөтә мөлкәте менән оҙатып ебәрҙеләр. Ибрам ҡатыны, барлыҡ мөлкәте менән Мысырҙан сығып, Негевҡа юл тотто. Лут та уның менән ине. Ибрам бик байыҡҡайны – мал-тыуары ла, алтын-көмөшө лә күп ине. Негевтан ул, бер урындан икенсе урынға күсә-күсә, Бейт-Илгә тиклем килде. Бейт-Ил менән Ғай араһындағы әүәл сатыр ҡорған урынға етте. Элек эшләгән ҡорбан усағы янына туҡтап, Раббы исеменә доға бағышланы. Ибрам менән бергә күсенеп йөрөгән Луттың да мал-мөлкәте, сатырҙары бар ине. Малдары күбәйеп киткәнгә күрә, уларға бергә йәшәр өсөн ер етмәй башланы. Ибрам менән Луттың көтөүселәре араһында ғауға сыҡты. Ул саҡта был ерҙәрҙә ҡәнғәниҙәр менән перизиҙәр йәшәй ине. Ибрам Лутҡа: – Беҙ бит туғандар, – тине. – Үҙебеҙҙең арала ла, көтөүселәребеҙ араһында ла ыҙғыш-талаш булмаһын! Бына бөтә ер һинең алдыңда. Әйҙә, айырылайыҡ: әгәр һин һулға китһәң, мин уңға китермен. Һин уңға йүнәлһәң, мин һулға ҡайырылырмын. Лут, тирә-яҡты байҡап, шуны күрҙе: Иордан йылғаһының үҙәне – Соғарҙың үҙенә тиклем – Раббы баҡсаһылай, Мысыр тупрағы ише һуғарыулы ерҙәр ине. Был Раббы Содом менән Ғамора ҡалаларын юҡ иткәнгә тиклем булғайны. Лут үҙенә тотош Иордан үҙәнен һайланы ла көнсығышҡа табан китте. Шулай итеп, улар айырылышты: Ибрам Ҡәнғән ерендә йәшәп ҡалды, Лут үҙән буйындағы ҡалалар араһында төйәкләнде. Содомға яҡын бер ерҙә сатырҙарын ҡорҙо. Содом кешеләре боҙоҡ күңелле, Раббы алдында бик гонаһлы ине. Лут айырылып киткәс, Раббы Ибрамға былай тине: – Үҙең баҫып торған урындан күҙеңде күтәреп баҡ: төньяҡҡа ла, көньяҡҡа ла, көнсығышҡа ла, көнбайышҡа ла ҡара. Алдыңда йәйрәп ятҡан ошо ерҙәрҙе Мин һиңә һәм киләсәк тоҡомдарыңа мәңгелеккә бирәсәкмен. Тоҡомоңдо ерҙәге ҡом һымаҡ иҫәпһеҙ-һанһыҙ итәсәкмен. Әгәр берәйһе ерҙәге ҡом бөртөктәрен һанай алһа, һинең нәҫелеңдең хисабын белер. Бар, был ерҙәрҙе арҡырыға-буйға йөрөп сыҡ, сөнки Мин уларҙы һиңә бирәсәкмен. Ибрам, сатырын һүтеп алып, тағы юлға сыҡты, Хеврон янындағы Мамре имәнлеге тигән урынға барып төпләнде. Ошонда Раббыға ҡорбан усағы яһаны. Шул дәүерҙә Шинғар батшаһы Амрафел, Элласар батшаһы Арйох, Ғелам батшаһы Кедорлағомер һәм Гоим батшаһы Тидғал Содом батшаһы Берағҡа, Ғамора батшаһы Биршағҡа, Адма батшаһы Шинавҡа, Севоим батшаһы Шемәверға һәм Белағ, йәғни Соғар батшаһына ҡаршы яу асты. Һуңғы биш батша әле Тоҙло диңгеҙ булған Сиддим үҙәнендә көс тупланы. Был батшалар ун ике йыл буйына Кедорлағомер иҙеүе аҫтында булып, ун өсөнсө йылында баш күтәргәйне. Ун дүртенсе йылда Кедорлағомер үҙенә ҡушылған батшалар менән Ғаштароҫ-Ҡарнаимда рефаларҙы, Һамда зуздарҙы, Шаве-Ҡиръяҫаимда эмдарҙы, сүллек ситендәге Әл-Паранға тиклем һуҙылған Сеғир таулығында хориҙарҙы тар-мар итте. Унан боролоп, улар Ғейн-Мишпатҡа, йәғни Ҡадешҡа килделәр, ғәмәлектәрҙең бөтә ерҙәрен баҫып алдылар һәм Хасасон-Тамарҙа йәшәгән әмөриҙәрҙе ҡыйраттылар. Сиддим үҙәнендә ыҫмалалы соҡорҙар күп ине. Содом менән Ғамора батшаларының яугирҙәре ҡасып барғанда ошо соҡорҙарға батты, тере ҡалғандар тауҙарға ҡасты. Еңеүселәр Содом менән Ғамораның бөтә байлығын, туплаған аҙыҡ-түлеген таланы. Ибрамдың Содомда йәшәгән туғаны Лутты ла бөтә мөлкәте менән бергә алып киттеләр. Ҡасып ҡотолғандарҙан берәү килеп, ғиври Ибрамға бөтәһен дә һөйләп бирҙе. Ибрам ул саҡта Әшкол менән Ғанерҙың туғаны әмөри кешеһе Мамреның имәнлеге янында йәшәй ине. Улар барыһы ла Ибрам яҡлылар ине. Туғанының әсиргә эләккәнен белгәс, Ибрам, үҙ йортонда тыуып үҫкән өс йөҙ ун һигеҙ хеҙмәтсеһен ҡоралландырып, дошман артынан ҡыуа сыҡты. Данға барып еткәс, кешеләрен төркөмдәргә бүлеп, төн ҡараңғылығы аҫтында дошмандарға һөжүм итте. Уларҙы тар-мар иткәс, Дамасктан төньяҡтараҡ урынлашҡан Хова тигән ергә тиклем баҫтырып барҙы. Ибрам талап алынған бөтә байлыҡты, әсир ителгән кешеләрҙе, ҡатын-ҡыҙҙарҙы, бар мал-мөлкәте менән Лутты ҡотҡарып алып ҡайтты. Ибрам Кедорлағомерҙы һәм уның яҡлы батшаларҙы ҡыйратып ҡайтып килгәндә, хәҙер Батшалар үҙәне тип йөрөтөлгән Шаүе үҙәнендә уға Содом батшаһы ҡаршы сыҡты. Сәлим батшаһы Мәлки-Садиҡ та Ибрамға икмәк менән шарап алып килде. Ул Юғарыларҙан Юғары Алланың ҡаһины ине. Мәлки-Садиҡ Ибрамға фатиха биреп былай тине: – Күк менән ерҙе яратҡан Юғарыларҙан Юғары Алла Ибрамды мөбәрәк ҡылһын! Дошмандарыңды ҡулыңа тапшырған Юғарыларҙан Юғары Аллаға рәхмәттәр яуһын! Ибрам уға яумалының ундан бер өлөшөн бирҙе. Содом батшаһы Ибрамға: – Миңә кешеләремде ҡайтарһаң булды, ә мал-мөлкәтте үҙеңә ҡалдыр, – тине. Әммә Ибрам Содом батшаһына: – Мин Раббыға, күк менән ерҙе яратҡан Юғарыларҙан Юғары Аллаға, ҡулымды күтәреп ант итәм. Һинең мөлкәтеңдән бер нәмә лә – бер һүрендең дә, аяғыңдағы ҡатаңдың ҡайышы ла кәрәкмәй. Һуңынан: «Ибрамды мин байыттым», тип әйтерлек булмаһын, – тип яуап ҡайтарҙы. – Кешеләрҙе ашатыуға киткән сығымдан һәм минең менән барыусыларға тейеш өлөштән башҡа бер нәмә лә кәрәкмәй миңә. Минең менән яу сапҡан Ғанер, Әшкол, Мамре үҙҙәренең өлөшөн алһын, әйҙә. Ошо ваҡиғаларҙан һуң, Раббы Ибрамға бер күренмештә: – Ҡурҡма, Ибрам. Мин – һинең Ҡалҡаның. Һиңә бүләгем мул булыр, – тине. Әммә Ибрам: – Эй Раббы Хакимым! Миңә нимә бирмәксеһең? Бала атаһы була алманым. Вариҫым кем бит – Дамаск кешеһе Әлиғәзәр, – тине. – Бына, Һин миңә нәҫел насип итмәгәс, – тип дауам итте Ибрам, – хеҙмәтсем вариҫым була инде. Раббы тағы өндәште: – Юҡ, ул һинең вариҫың булмаясаҡ, үҙ балаң вариҫың буласаҡ. Раббы Ибрамды тышҡа алып сыҡты ла: – Күккә ҡара, – тине. – Әгәр ҙә һанай алһаң, йондоҙҙарҙы һанап ҡара. Шунан тағы әйтте: – Һинең нәҫелең шул тиклем буласаҡ. Ибрам Раббыға ышанды һәм Раббы быны тәҡүәлек тип ҡабул итте. Алла Ибрамға: – Ошо ерҙәрҙе һиңә мираҫ итеп бирер өсөн халдейҙарҙың Ур ҡалаһынан һине бында алып килгән Раббы Мин, – тине. – Эй Раббы Хакимым! Был ерҙәрҙе мираҫ итеп аласағымды мин нимәнән белә алам? – тип һораны Ибрам. Раббы былай тине: – Миңә һыйыр, кәзә, һарыҡ тәкәһе алып кил. Һәммәһе лә өсәр йәшлек булһын. Бер алатуба менән бер бала күгәрсен дә килтер. Ибрам әйтелгәндәрҙе алып килеп салды ла, һәр береһен урталайға бүлеп, киҫәктәрҙе бер-береһенә тәңгәлләп һалып ҡуйҙы; ҡоштарҙы ғына икегә бүлмәне. Һуйып һалынған малдарға йыртҡыс ҡоштар ябырылды, әммә уларҙы Ибрам ҡыуып ебәрҙе. Ҡояш байып барғанда Ибрамды тәрән йоҡо баҫа башланы, уны ҡурҡыу һәм ҡараңғылыҡ солғап алды. Раббы Ибрамға былай тине: – Шуны бел: һинең тоҡомоң сит бер илдә килмешәк булып йәшәр. Дүрт йөҙ йыл ҡол булып, йәбер-золом күрер. Әммә Мин һинең нәҫелеңде ҡол иткән халыҡты хөкөм итәсәкмен. Шунан һуң нәҫел-ырыуың унан бик ҙур байлыҡ менән сығыр. Ә һин, оҙон ғүмер кисергәндән һуң, тыныс күңел менән аталарың янына күсерһең. Нәҫел-ырыуыңдың тик дүртенсе быуыны ғына бында ҡайтыр, сөнки әмөриҙәрҙең гонаһы саманан ашмаған әле. Бына бер саҡ, ҡояш байып, ҡараңғы төшкәс, мейестән бөркөлгәндәй төтөн үә ялҡын хасил булды һәм урталай киҫелгән түшкәләр араһынан үтеп китте. Ибрамдың ҡатыны Сарая бала тапманы. Хәжәр исемле бер мысыр ҡыҙы уның хеҙмәтсеһе ине. Сарая Ибрамға: – Раббы миңә бала бирмәне инде. Һин минең хеҙмәтсем менән йоҡлап ҡара, бәлки, ул миңә бала табып бирер, – тине. Ибрам Сараяның һүҙен тыңланы. Сарая хеҙмәтсеһен – мысыр ҡыҙы Хәжәрҙе – иренә йәриә итеп бирҙе. Был ваҡытта Ибрамдың Ҡәнғәнгә килеп урынлашыуына ун йыл самаһы үткәйне. Ибрам Хәжәр менән яҡынлыҡ ҡылды. Хәжәр ауырға ҡалды. Үҙенең йөклө икәнен белгәс, маһайып китеп, ул хужабикәһен һанға һуҡмай башланы. – Минең ошолай кәмһенеп йәшәүемә һин ғәйепле, – тине Сарая Ибрамға. – Хеҙмәтсемде ҡуйыныңа һалдым, ә ул, ауырға ҡалғайны, эреләнде лә китте. Әйҙә, Раббы беҙгә Үҙе хөкөмөн ҡылһын. – Хеҙмәтсеңә үҙең хужа бит, – тип яуапланы Ибрам. – Нимә теләһәң, шуны эшлә. Сарая Хәжәрҙе рәнйетә башланы һәм Хәжәр унан ҡасып китте. Раббы фәрештәһе Хәжәрҙе Шурға илткән юлдағы ҡоҙоҡ янында осратты. Унан: – Сарая хеҙмәтсеһе Хәжәр, ҡайҙан киләһең дә ҡайҙа китеп бараһың? – тип һораны. – Хужабикәм Сараянан ҡасып китеп барам, – тип яуап ҡайтарҙы Хәжәр. Раббы фәрештәһе уға былай тине: – Хужабикәңә кире ҡайт та уға буйһон. Шунан дауам итте: – Һинең нәҫелеңде күбәйткәндән-күбәйтермен, хатта уның иҫәбенә сығырлыҡ булмаҫ. Раббы фәрештәһе уға тағы шуны әйтте: – Әле һин ауырлыһың, улың булыр. Уға Исмәғил тип исем ҡушырһың, сөнки һинең хәсрәтеңде Раббы Үҙе ишетте. Улың кешеләр араһында Ҡырағай бер ишәк һымаҡ булыр: Һәр кешегә ҡулын күтәрер. Барыһынан да үҙе шуны күрер, Бөтә туғандарынан да ситтә йәшәр. Үҙе менән һөйләшкән Раббыны Хәжәр: «Һин – Эл-Рои» – тип атаны. Сөнки: «Ысынлап та әле мине Күреүсене күрҙемме икән?» – тине. Шуға күрә Ҡадеш менән Бәрәд араһында ятҡан был ҡоҙоҡ «Беер-Лахай-Рои» тип атала. Хәжәр Ибрамға ул табып бирҙе. Ибрам Хәжәрҙән тыуған улына Исмәғил тип исем ҡушты. Хәжәр Исмәғилде тапҡанда, Ибрам һикһән алты йәшендә ине. Ибрамға туҡһан туғыҙ йәш булғанда, Раббы уға күренеп былай тине: – Мин сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алламын. Минең юлымдан йөрө, камил бул. Мин һинең менән килешеү төҙөйөм һәм нәҫел-нәсәбеңде иҫәпһеҙ-һанһыҙ күп итәм. Ибрам йөҙтүбән ергә ҡапланды. Алла һүҙен дауам итте: – Һинең менән төҙөгән килешеүем шул: һин бик күп халыҡтарҙың атаһы булырһың. Исемең Ибрам түгел, Ибраһим булыр, сөнки һине бик күп халыҡтарҙың атаһы итермен. Һин бик үрсемле нәҫелдең башы булырһың. Һинән тотош халыҡтар таралыр, батшалар сығыр. Килешеүемде һинең һәм нәҫелең менән быуындан-быуынға мәңгелеккә нығытырмын. Мин һинең һәм нәҫел-нәсәбеңдең Аллаһы булырмын. Әле һин килмешәк булып йәшәгән ошо Ҡәнғән ерҙәрен Мин һиңә һәм тоҡомоңа мәңгелек милек итеп бирермен. Мин уларҙың Аллаһы булырмын. Алла Ибраһимға былай тине: – Һин үҙең, һинән һуң тоҡомоң быуындан-быуынға Минең килешеүемә тоғро булығыҙ. Һинең һәм нәҫелең менән төҙөгән килешеүҙең шарты шул: арағыҙҙағы ир-аттың һәммәһе лә сөннәтле булһын. Минең менән килешеү билдәһе итеп енес ағзаһы осондағы тирене киҫеп алығыҙ. Яңы тыуған ир балаларҙың һәр береһе – үҙ йортонда тыуғаны ла, тоҡомоңдан булмайынса, ситтәрҙән һатып алынғаны ла донъяға килгәндең һигеҙенсе көнөндә сөннәтләнһен. Быуындан-быуынға шулай булһын. Һәммәһе лә: үҙ йортоңда тыуғаны ла, һатып алынғаны ла мотлаҡ сөннәтләнергә тейеш. Ошо рәүешле Минең менән мәңгелек килешеү билдәһе һеҙҙең ғәүрәтегеҙҙә ҡаласаҡ. Ә сөннәтләнмәгән ир-егет халҡы араһынан ҡыуылыр, Минең менән булған килешеүҙе боҙған өсөн булыр был. Алла Ибраһимға тағы былай тине: – Ҡатының Сараяны инде Сарая тип атама, бынан һуң уның исеме Сара булыр. Мин уға фатиха ҡылам һәм унан һиңә бер ул бирәм. Уға фатихамды бирәм: ул халыҡтарҙың әсәһе булыр, нәҫеленән батшалар сығыр. Ибраһим йөҙтүбән ергә ҡапланды ла көлдө. Эстән генә: «Йөҙ йәшлек ҡарттың балаһы буламы? Сара туҡһан йәшендә бала таба булырмы?» – тип уйланы. Шунан Аллаға: – Эй Раббым, исмаһам, Исмәғилдең Һинең хозурыңда йәшәүен насип итсе, – тине. – Үҙеңдең ҡатының Сара ул табыр, – тине Алла Ибраһимға. – Һин уға Исхаҡ тип исем ҡушырһың. Мин уның менән, уның тоҡомо менән мәңгелек килешеүҙе дауам итермен. Һинең Исмәғил тураһындағы үтенесеңде лә ишеттем: Мин уға фатихамды бирәм, уның тоҡомон түлле итермен, нәҫел-ырыуы ишле булыр. Исмәғилдән ун ике юлбашсы сығыр, унан бөйөк халыҡ таралыр. Әммә килешеүемде киләһе йыл ошо ваҡытта Саранан тыуасаҡ улың Исхаҡ менән нығытырмын. Алла, Ибраһим менән һөйләшеп бөткәндән һуң, юғарыға олғашты. Ибраһим шул көндө үк улы Исмәғилде лә, йортонда тыуған йәки һатып алынған хеҙмәтселәрҙе лә – өйөндәге бөтә ир затынан булғандарҙы сөннәткә ултыртты. Ул бөтәһен дә Алла ҡушҡанса эшләне. Сөннәткә ултырған саҡта Ибраһимға туҡһан туғыҙ, ә улы Исмәғилгә ун өс йәш ине. Ибраһим да, улы Исмәғил дә, Ибраһим йортондағы ир затынан булғандарҙың һәммәһе – уның өйөндә тыуғандар ҙа, сит ырыуҙарҙан һатып алынған хеҙмәтселәр ҙә – шул бер көндә сөннәтләнде. – Эй хакимым, әгәр күңелеңә хуш килһәм, мин ҡолоң эргәһенән үтеп китмәһәң ине. Һыу алып килеп аяҡтарығыҙҙы йыуырҙар, ағас күләгәһендә ял итерһегеҙ. Ә мин икмәк алып киләйем, үҙәк ялғап алырһығыҙ, унан юлығыҙҙы дауам итерһегеҙ – барыбер мин ҡолоғоҙ янынан үтеп бараһығыҙ бит. – Әйҙә, әйткәнеңсә булһын, – тине мосафирҙар. Ибраһим ашығып сатырға инде лә Сараға былай тине: – Өс сеа иң яҡшы ондан тиҙ генә ҡамыр баҫ та сөсө икмәк бешер. Үҙе көтөүгә йүгерҙе, бер яҡшы, көр башмаҡты һайлап алып хеҙмәтсеһенә тапшырҙы ла ашарға әҙерләргә ҡушты. Ибраһим ҡунаҡтар алдына эремсеген, һөтөн, бешереп килтерелгән итен ҡуйҙы, ә үҙе, улар ашаған саҡта, яҡындағы ағас янында баҫып торҙо. – Ҡатының Сара ҡайҙа? – тип һораны ҡунаҡтар. – Бында, сатырҙа, – тип яуапланы Ибраһим. – Киләһе йыл ошо мәлдә тағы килермен, – тине мосафирҙарҙың береһе. – Ул ваҡытта ҡатының Сараның улы буласаҡ. Сара ҡунаҡтың артында, сатыр ауыҙында тыңлап тора ине. Ибраһим менән Сара ҡартайғайнылар инде, Сараның айлығы ла туҡтағайны. Ул эстән генә көлөп: «Ошо йәшемдә бындай һөйөнөскә ирешә буламмы? Етмәһә, хужам да ҡарт», – тип уйланы. – Ниңә Сара, инде ҡарсыҡ булғас, бала таба аламмы һуң инде, тип көлә әле? – тине Раббы Ибраһимға. – Раббының ҡөҙрәтенән килмәҫ эш бармы? Мин әйтелгән ваҡытта, икенсе йыл ошо мәлдә килгәндә, Сараның улы буласаҡ. – Мин көлмәнем, – тип аҡланып маташты ҡурҡып ҡалған Сара. Әммә Раббы: – Юҡ, һин көлдөң, – тине. Мосафирҙар торҙо ла Содомға ҡарай юл алды. Ибраһим уларҙы оҙатып китте. Раббы былай тине: – Ибраһимдан ниәтемде йәшерә буламмы ни! Ысынлап та Ибраһимдан бөйөк, көслө халыҡ тараласаҡ, ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар уның аша фатихалы буласаҡ. Балаларына һәм үҙенән һуңғы нәҫел-ырыуына дөрөҫлөктө яҡлап, ғәҙел хөкөм ҡылып, Раббы юлынан йөрөргә бойорһон тип, Ибраһимды һайланым. Шул саҡта Мин, Раббы, уға нимә вәғәҙә иткән булһам, шуны үтәрмен. Шунан Ибраһимға: – Содом менән Ғаморала ҡылынған залимлыҡ сиктән ашты, уларҙың гонаһтары бик ауыр, – тине. – Шунда төшөп ҡарайым әле: улар ысынлап та шул тиклем гонаһҡа батҡанмы икән? Мосафирҙарҙың икеһе Содомға табан йүнәлде, Ибраһим иһә Раббы хозурында ҡалды. Раббыға яҡыныраҡ килеп: – Яуыздар менән бергә тәҡүәләрҙе лә юҡ итерһеңме икән ни? – тип һораны. – Бәлки, был ҡалала илле кеше тәҡүәлер – шулай булһа ла уны юҡ итерһеңме, ошо илле кеше хаҡына ла аямаҫһыңмы? Бының булыуы мөмкин түгел! Һин улай эшләмәҫһең: тәҡүәләрҙе яуыздар менән бергә һәләк итмәҫһең, яуыз кеше лә, тәҡүә лә бер үк яҙмышҡа дусар булмаҫ бит инде? Бының булыуы мөмкин түгел! Бөтә ерҙең Хөкөмдары хаҡһыҙ хөкөм итерме? – Әгәр Содомда тәҡүә илле кеше тапһам, улар хаҡына был ҡаланы аярмын, – тип яуап бирҙе Раббы. – Бына мин хозурыңда ни бары көл-туҙан бер әҙәммен, – тине Ибраһим. – Шулай ҙа бөйөк Хакимымдан һорарға баҙнат итәм: әгәр ҙә тәҡүә иллегә биш кеше тулмаһа, шул етмәгән бишәү өсөн тотош ҡаланы юҡ итерһеңме? – Әгәр ҙә мәгәр унда ҡырҡ биш тәҡүәне тапһам, ҡаланы юҡ итмәм, – тип яуап бирҙе Раббы. Ибраһим йәнә һораны: – Ә, бәлки, унда ҡырҡ ҡына кеше табылыр? Раббы яуапланы: – Ҡырҡ ҡына кеше хаҡына ла быны эшләмәм. – Мин әйткәнгә асыуланмаһаң ине, бөйөк Хакимым: ә, бәлки, унда тәҡүә утыҙ ғына бәндә табылыр? – тине Ибраһим. Раббы: – Әгәр гонаһһыҙ утыҙ бәндә табыла икән, ҡаланы аярмын, – тип яуапланы. Ибраһим әйтеүен белде: – Бөйөк Хакимымдан мин тағы һорарға баҙнат итәм: әгәр ундайҙар тик егерме генә булһа? – Егерме бәндә хаҡына ла аярмын, – тип яуапланы Раббы. – Тағы бер тапҡыр һорауыма асыуланмаһаң ине, бөйөк Хакимым, бәлки, унда тәҡүәләр унау ғыналыр? – тип дауам итте Ибраһим. – Ун бәндә хаҡына ла аярмын, – тине Раббы. Ибраһим менән һөйләшеп бөткәс, Раббы китеп барҙы. Ибраһим да өйөнә ҡайтты. Ике фәрештә Содомға шул көндә кисләгәс кенә килеп етте. Лут был ваҡытта ҡала ҡапҡаһы янында ултыра ине. Уларҙы күргәс, ҡаршыларға тип урынынан торҙо ла, ергә тиклем баш эйеп, былай тине: – Хакимдарым, мин ҡолоғоҙҙоң өйөнә рәхим итегеҙ, миндә ҡунығыҙ, аяҡтарығыҙҙы йыуығыҙ, иртән торғас, юлығыҙҙы дауам итерһегеҙ. – Юҡ, – тине улар. – Беҙ урамда ғына ҡунырбыҙ. Әммә Лут бик ҡыҫтағас, риза булдылар, уның йортона киттеләр. Лут уларҙы һыйларға сөсө икмәк бешерҙе, тамаҡтарын туйҙырҙы. Йоҡларға ятырға ла өлгөрмәнеләр, ҡала кешеләре – Содомдың олоһонан алып кесеһенә тиклем бөтә ирҙәре – Луттың йортон уратып алды. – Һиңә ҡунырға ингән кешеләр ҡайҙа? – тип ҡысҡырҙы улар Лутҡа. – Сығар бында, беҙ уларҙы татып ҡарарға теләйбеҙ. Лут, тупһаға сығып, артынан ишекте япты ла уларға былай тине: – Ағай-эне, бындай золом ҡылмағыҙ! Минең кейәүгә сыҡмаған ике ҡыҙым бар, һеҙгә мин уларҙы бирәм, теләһәгеҙ ни эшләтегеҙ, тик мосафирҙарға теймәгеҙ, улар бит минең өйөмдә. – Кит бынан! – тинеләр уға. – Һин, килмешәк, беҙгә аҡыл өйрәтмәксе булаһыңмы? Беҙ һинең үҙеңдең кәрәгеңде бирербеҙ. Улар Лутты ҡыҫырыҡлап, ишекте емерергә торғанда ғына, мосафирҙар Лутты өй эсенә тартып алды ла ишекте йәһәт кенә бикләй һалды. Ә тупһа янында өйөлөшкән кешеләрҙе, – олоһон да, кесеһен дә – һуҡырайттылар, улар ишекте таба алмайынса аҙапланды. Мосафирҙар Луттан: – Был ҡалала тағы кемдәрең бар? – тип һораны. – Кейәүҙәрең, улдарың, ҡыҙҙарың йәки ҡалала башҡа кемең генә булмаһын – бөтәһен дә алып кит: беҙ был ҡаланы юҡ итәбеҙ. Ҡала кешеләренең яуызлыҡтары хаҡындағы аһ-зар Раббыға ишетелде, шуға күрә Раббы беҙҙе уны юҡ итергә ебәрҙе. Лут ҡыҙҙарының кейәү буласаҡ егеттәренә барып әйтте: – Тиҙерәк был ҡаланан китегеҙ. Хәҙер Раббы уны һәләк итәсәк! Әммә егеттәр, Лут шаярталыр, тип уйланы. Таң һыҙылғанда, фәрештәләр Лутты ашыҡтыра башланы: – Бар, ҡатының менән ике ҡыҙыңды ал да кит, юғиһә гонаһлы ҡала менән бергә үҙең дә һәләк булырһың! Лут һаман ашыҡмағас, фәрештәләр Раббы мәрхәмәте төшкән Лутты, уның ҡатынын, ике ҡыҙын, ҡулдарынан етәкләп, ҡаланан алып сыҡты. Ҡаланан сыҡҡас, фәрештәләрҙең береһе Лутҡа былай тине: – Йәнеңде ҡотҡар, артыңа әйләнеп ҡарама. Был тирәлә бер ерҙә лә туҡталма, тауҙарға табан йүгер, юҡһа һәләк булырһың! – Юҡ, хакимым! – тине Лут. – Мин ҡолоңа шундай яҡшылыҡ эшләнең һин! Оло мәрхәмәт күрһәттең миңә – ғүмеремде һаҡлап алып ҡалдың! Ләкин тауҙарға тиклем йүгереп етә алмам, бәләгә юлығырмын, һәләк булырмын. Ә бына алда ятҡан ҡала – яҡын, уға тиклем йүгереп етеп булыр, ул бәләкәй. Мин шунда йүгерәйем, ул бәләкәй, шунда тере ҡалырмын! – Ярай, – тине уға фәрештә, – һинең хаҡыңа мин быны ла эшләрмен, һин әйткән ҡаланы һаҡлап алып ҡалырмын. Әммә тиҙерәк йүгер, һин барып етмәйенсә, мин бер нәмә лә эшләй алмайым. Шуға күрә лә был ҡала Соғар тип атала. Ер өҫтөнә ҡояш ҡалҡты, Лут Соғарға килеп етте. Раббы Содом менән Ғамораға күктән, ямғыр һымаҡ итеп, утлы көкөрт яуҙырҙы, ике ҡаланы ла, уның бөтә тирә-яғын, барлыҡ үҫемлектәре менән, юҡ итте. Луттың ҡатыны артына боролоп ҡарағайны – тоҙ бағанаһына әйләнде. Иртә менән Ибраһим кисә генә Раббы хозурында торған урынға килеп баҫты, Содом менән Ғамораға, үҙәндең тирә-яғына күҙ һалды һәм күрҙе: ерҙән, мейестән сыҡҡан һымаҡ, төтөн күтәрелә ине. Ҡалаларҙы юҡҡа сығарғанда Алла Ибраһимды иҫендә тотто. Шуға күрә йәшәгән ҡалаһын емергәндә Лутты үлеменән йолоп ҡалды. Лут Соғарҙа ҡалырға ҡурҡты. Шуға күрә ике ҡыҙы менән тауҙарға китте. Улар бергәләшеп мәмерйәлә йәшәй башланы. Бер көндө өлкән ҡыҙы кесеһенә былай тине: – Атайыбыҙ ҡартая. Беҙҙең менән ерҙәге йола буйынса йәшәрлек ир-ат юҡ. Әйҙә, атайыбыҙҙы шарап эсереп иҫертәйек тә уның менән йоҡлайыҡ, шулай итеп атайыбыҙҙан тоҡомобоҙҙо дауам иттерәйек. Шул төндә улар аталарын шарап эсереп иҫертте. Өлкән ҡыҙы инеп, атаһы менән йоҡланы. Әммә Лут уның эргәһенә ятҡанын да, сығып киткәнен дә белмәне. Икенсе көндә өлкәне кесеһенә: – Үткән төндә мин атайым менән йоҡланым, – тине. – Бөгөн төндә лә уны шарап эсереп иҫертәйек тә һин уның янына ятырһың. Шулай итеп атайыбыҙҙан тоҡомобоҙҙо дауам иттерәйек. Улар тағы аталарын шарап эсереп иҫертте лә, кесе ҡыҙы инеп уның менән йоҡланы. Әммә Лут уның эргәһенә ятҡанын да, сығып киткәнен дә белмәне. Шулай итеп, Луттың ике ҡыҙы ла аталарынан ауырға ҡалды. Өлкәне ул тапты, уға Моав тип исем ҡушты. Хәҙерге Моав кешеләре унан таралған. Кесеһе лә ул тапты һәм Бен-Ғамми тигән ат бирҙе. Хәҙерге Ғаммон кешеләре унан таралып киткән. Ибраһим, был урындан ҡуҙғалып, Негевҡа китте һәм Ҡадеш менән Шур араһына барып урынлашты, һуңынан бер килке Герарҙа йәшәне. Ул ҡатыны Сараны һеңлем тип танытты. Герар батшаһы Авимәләх, Сара артынан кеше ебәртеп, уны үҙенә алдыртты. Әммә төндә Алла, Авимәләхтең төшөнә инеп, былай тине: – Был ҡатынды үҙеңә алған өсөн үләсәкһең, сөнки уның ире бар. Ә Авимәләх Сараға әле ҡағылмаған ине. – Эй бөйөк Хакимым! – тип ялбарҙы ул. – Һин бер ни белмәгән ғәйепһеҙ халыҡты һәләк итерһеңме ни? Ибраһим бит үҙе миңә «ул минең һеңлем» тип әйтте. Ҡатын үҙе лә «был минең ағайым» тип таныштырҙы. Намыҫым да, ҡулым да таҙа минең! – Эйе, – тип яуапланы уға Алла төшөндә. – Мин намыҫыңдың таҙа икәнлеген беләм. Шуға күрә һиңә Минең алда гонаһ эшләргә ирек бирмәнем – уға ҡағылыуҙан тыйҙым. Хәҙер инде уны иренә кире ҡайтар, ул – пәйғәмбәр, доға ҡылһа, иҫән ҡалырһың. Тик бел: әгәр ҡатынды кире ҡайтармаһаң, үҙең дә, бөтә туған-тыумасаң да үлеп бөтәсәк. Икенсе көндә Авимәләх иртә менән торҙо ла, яҡын кешеләрен йыйып алып, ошо һүҙҙәрҙе еткерҙе – барыһы ла бик ныҡ ҡурҡты. Авимәләх Ибраһимды саҡыртып алды ла: – Ни эшләнең һин беҙҙең менән? – тине. – Һинең алдыңда ниндәй ғәйебем бар ине – мине лә, батшалығымды ла гонаһҡа батыра яҙҙың бит. Әҙәм ҡылмаҫты ҡылдың һин миңә. Шунан Авимәләх Ибраһимдан: – Һин быны ниндәй ниәт менән эшләнең? – тип һораны. – Мин был яҡтарҙа Алланан ҡурҡмайҙарҙыр, ҡатыным арҡаһында мине үлтерерҙәр, тип уйланым, – тине Ибраһим. – Етмәһә, ул ысынлап та миңә һеңле лә – атайыбыҙ бер, тик әсәйҙәребеҙ башҡа. Мин уға өйләндем. Алла миңә атам йортон ҡалдырып, ил гиҙергә бойорғас, ҡатыныма: «Үтенеп һорайым, ҡайҙа ғына барһаҡ та, мине ағайым тип әйт», – тинем. Авимәләх Ибраһимға һарыҡтар, һыйырҙар, ҡолдар һәм ҡолиәләр бирҙе, ҡатыны Сараны кире ҡайтарҙы. – Бына минең бөтә ерем һинең күҙ алдыңда, ҡайҙа теләһәң, шунда йәшә, – тине. Ә Сараға ул былай тине: – Ағайыңа мең көмөш бирәм, был һинең намыҫың таҙа икәнен күрһәткән бер бөркәнсек булһын һәм һәр кем ғәйепһеҙ икәнеңде белһен. Ибраһим Аллаға доға ҡылды, Алла Авимәләхте, уның ҡатынын һәм ҡолиәләрен һауыҡтырҙы, ҡатындар тағы бала таба башланы. Ә быға тиклем Раббы, Ибраһимдың ҡатыны Сара арҡаһында, Авимәләхтең йортондағы бөтә ҡатындарҙы түлдән яҙҙырғайны. Раббы, әйткән һүҙе буйынса, Сараға яҡшылыҡ ҡылды, уға биргән вәғәҙәһен ғәмәлгә ашырҙы. Сара ауырға ҡалды һәм, Ибраһимдың ҡартлыҡ көнөндә, Алла билдәләгән ваҡытта, бер ир бала тапты. Ибраһим Саранан тыуған улына Исхаҡ тип исем ҡушты. Ә һигеҙенсе көнөндә, Алла бойорғанса, уны сөннәткә ултыртты. Исхаҡ тыуғанда Ибраһимға йөҙ йәш ине. – Алла минең йөҙөмдө көләс итте. Быны ишеткән һәр кеше минең менән бергә көләсәк, – тине Сара. Тағы былай тине: – Берәйһе Ибраһимға, Сара бала имеҙәсәк, тиһә, һис ышанмаҫ ине. Бына мин уға ҡартайған көнөмдә ул табып бирҙем! Бала үҫә төшкәс, уны күкрәктән айырҙылар. Исхаҡты күкрәктән айырған көндө Ибраһим оло мәжлес йыйҙы. Сара, Ибраһимдың мысыр Хәжәрҙән тыуған улының Исхаҡтан көлгәнен күреп, Ибраһимға: – Был ҡол ҡатынды улы менән бергә ҡыуып ебәр! Уның улы минең Исхағым менән бер тиң тороп һинең вариҫың булмаһын! – тине. Ибраһимға был һүҙҙәрҙе ишетеү бик ҡыйын булды, сөнки Исмәғил дә үҙ улы ине бит. Әммә Алла уға былай тине: – Улың тураһында ла, йәриәң тураһында ла ҡайғырма. Сара нимә әйтһә, шуны тыңла, сөнки һинең тоҡомоң Исхаҡтан тараласаҡ. Йәриәңдең улынан да бер халыҡ барлыҡҡа килтерермен, сөнки ул да һинең тоҡомоң. Иртәгәһен Ибраһим таң менән торҙо, икмәк, бер турһыҡ һыу әҙерләп, Хәжәрҙең яурынына артмаҡлатты ла балаһы менән сығарып ебәрҙе. Хәжәр, бара торғас, Беер-Шәвәғ сүлендә аҙашты. Турһығындағы һыу ҙа бөттө. Ул балаһын бер ҡыуаҡ аҫтында ҡалдырҙы ла атылған уҡ арауығы ситкә китеп ултырҙы. «Баламдың үлемен күрмәһәмсе», – тип ҡысҡырып илай башланы. Алла ир баланың тауышын ишетте. Алла фәрештәһе күктән Хәжәргә: – Һиңә ни булды, Хәжәр? – тип өндәште. – Ҡурҡма, балаңдың илаған тауышын Алла ишетте. Тор, балаң янына бар ҙа уны етәкләп ал. Мин унан бер бөйөк халыҡ хасил итәсәкмен. Алла ҡатындың күҙҙәрен асты – Хәжәр ҡоҙоҡ күрҙе. Ул барып турһығына һыу тултырып алды, улына һыу эсерҙе. Алла баланы ташламаны. Исмәғил буй еткерҙе, сүлдә йәшәй башланы һәм мәргән уҡсы булып китте. Ул Паран сүлендә йәшәне, әсәһе уға Мысырҙан кәләш алып бирҙе. Шул осорҙа Авимәләх үҙенең ғәскәр башлығы Пихол менән бергә Ибраһимға килеп былай тине: – Нимә генә эшләһәң дә, һиңә Алла ярҙам итеп тора. Мине лә, балаларымды ла, ейәндәремде лә ҡыйырһытмаҫҡа Алла менән ант ит. Мин һинең менән яҡшы мөғәмәләлә булған һымаҡ, һин дә минең менән, һине һыйындырған ил менән яҡшы мөнәсәбәттә бул. – Ант итәм, – тине Ибраһим. Әммә ул Авимәләхкә: – Ҡолдарың минең бер ҡоҙоғомдо тартып алды, – тип зарланды. – Мин быны кем эшләгәнен белмәйем, – тип яуапланы Авимәләх. – Һин үҙең дә әйтмәнең, ошоға тиклем ишеткәнем дә юҡ ине. Шунан һуң Ибраһим, Авимәләхкә ваҡ һәм эре мал биреп, уның менән килешеү төҙөнө. Ваҡ мал көтөүенән ете һарыҡ бәрәсен алып, айырым ҡуйҙы. – Ә был ете һарыҡты ниңә айырып ҡуйҙың? – тип һораны Авимәләх. – Ошо ете һарыҡты был ҡоҙоҡтоң минеке булыу билдәһе итеп ҡабул ит, – тип яуап бирҙе Ибраһим. – Уны мин ҡаҙыным. Улар бер-береһенә ант иткән ошо урын Беер-Шәвәғ тип аталды. Беер-Шәвәғтә Ибраһим менән килешеү төҙөгәс, Авимәләх менән уның ғәскәр башлығы Пихол пелештиҙәр еренә ҡайтып китте. Ибраһим Беер-Шәвәғтә тамариск ағасы ултыртты һәм шунда Раббыға, мәңгелек Алла исеменә доға бағышланы. Ибраһим пелештиҙәр ерендә килмешәк булып бик оҙаҡ йәшәне. Ошо ваҡиғаларҙан һуң бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Алла Ибраһимды һынап ҡарарға булды. – Ибраһим, – тип өндәште уға Алла. – Эйе, мин, – тип яуап ҡайтарҙы Ибраһим. Алла былай тине: – Исхаҡты, яратҡан берҙән-бер улыңды, ал да Морияһ еренә бар. Шунда Мин күрһәткән бер тауҙа улыңды тотош яндырыу ҡорбаны итеп килтер. Иртәгәһен Ибраһим иртә менән тороп ишәген эйәрләне, ике хеҙмәтсеһен, Исхаҡты эйәртте, ҡорбанды яндырырға утын ҡырҡып алды ла юлға сыҡты – Алла күрһәткән урынға йүнәлде. Өсөнсө көндә ул алыҫтан уҡ шул урынды күрҙе. – Ошонда ишәк янында тороп тороғоҙ, – тине ул хеҙмәтселәренә. – Ә беҙ улым менән барып Аллаға ғибәҙәт ҡылабыҙ ҙа кире янығыҙға килербеҙ. Ул ҡорбан яндыра торған утынды алып, улы Исхаҡтың яурынына һалды. Унан һуң ут тоҡандырыу өсөн тере ҡуҙ, бысаҡ алды ла Исхаҡ менән икәүләп китеп барҙылар. Исхаҡ атаһы Ибраһимға өндәште: – Атай! – тине ул. – Эйе, улым, – тип яуапланы Ибраһим. – Беҙҙең ҡуҙыбыҙ ҙа, утыныбыҙ ҙа бар, ә ҡорбан өсөн һарыҡ бәрәсе ҡайҙа һуң? – Ҡорбан өсөн бәрәсте Алла Үҙе хәстәрләр, – тине Ибраһим. Икәүләшеп ары киттеләр. Алла күрһәткән урынға килеп еткәс, Ибраһим, ҡорбан усағы эшләп, уға утын өйҙө. Шунан Исхаҡтың аяҡ-ҡулын бәйләп, ҡорбан усағына өйөлгән утын өҫтөнә ятҡырҙы. Ул ҡулын һуҙып бысағын алды ла улын салмаҡсы булды. Шул ваҡыт күктән Раббы фәрештәһе уға: – Ибраһим, Ибраһим! – тип өндәште. – Эйе, мин, – тип яуап ҡайтарҙы ул. – Улыңа ҡул күтәрмә, – тине фәрештә. – Уға бер ни ҙә эшләмә! Хәҙер беләм, һин Алланан ҡурҡаһың – Минән берҙән-бер улыңды ла йәлләмәнең! Ибраһим башын күтәреп ҡарағайны, ҡуйы ҡыуаҡлыҡҡа мөгөҙө менән эләгеп торған һарыҡ тәкәһен күреп ҡалды. Ибраһим тәкәне барып алды ла улы урынына ҡорбан итеп салды. Был урынды Ибраһим Йәһүә-Йире тип атаны. «Раббы тауында хәстәрләнер», – тигән әйтем шунан ҡалған. Раббы фәрештәһе, күктән тағы тауыш биреп, Ибраһимға икенсе тапҡыр өндәште: – Раббы былай ти: «Берҙән-бер улыңды йәлләмәйсә, Быны эшләгәнең өсөн – Барлығым менән ант итәм – Һиңә мул-мул фатихамды бирәм! Күктәге йондоҙҙар ҡанса булһа, Күпме булһа диңгеҙ ярында ҡом, Бирәм һиңә шул ҡәҙәрле нәҫел-тоҡом. Балаларыңдың алдында Дошман ҡапҡалары ҡолар! Мине тыңлағаның өсөн Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар Тоҡомоң аша фатиха алыр». Ибраһим хеҙмәтселәрен ҡалдырған урынға кире килде. Улар менән бергә ҡайтыр юлға сығып, Беер-Шәвәғкә йүнәлде һәм шунда төйәкләнде. Ошо ваҡиғаларҙан һуң бер аҙ ваҡыт үткәс, Ибраһимға: «Ҡустың Нахорға ҡатыны Милка һигеҙ ул табып бирҙе, – тип хәбәр иттеләр. – Баш балаһы Ғус, уның энеләре Буз, Ҡымуил (ул Арамдың атаһы), Кесед, Хазо, Пилдаш, Йедлаф, Беҫуил». Беҫуилдың Рабиға исемле ҡыҙы тыуҙы. Ибраһимдың ҡустыһы Нахорға ҡатыны Милка ошо һигеҙ улды табып бирҙе. Бынан башҡа Нахорҙың Реума исемле йәриәһе уға Тевахты, Гахамды, Тахашты һәм Мағаханы тапты. Сара йөҙ ҙә егерме ете йыл йәшәне. Ул Ҡәнғән ерендә Ҡыръяҫ-Арбағта, йәғни Хевронда, вафат булды. Ибраһим Сара янында һыҡтап-һыҡтап иланы. Шунан мәрхүмә эргәһенән китеп, хиттиҙәргә мөрәжәғәт итте: – Мин һеҙҙең арала килмешәк һәм ҡунаҡ ҡынамын. Мәрхүмә ҡатынымды дәфен ҡылыу өсөн миңә биләмә итеп зыярат урыны һатһағыҙ ине. Ибраһим, аяҡ өҫтө баҫып, ошо ерҙең халҡы хиттиҙәргә баш эйҙе лә: – Әгәр мәрхүмәмде бында ерләүемә ҡаршы килмәйһегеҙ икән, ул саҡта һеҙ миңә ҡолаҡ һалығыҙ әле, зинһар. Минең өсөн ризалыҡ һорап, Сохар улы Ғәфронға мөрәжәғәт итһәгеҙ ине. Ул баҫыуының ситендәге Махпела мәмерйәһен һеҙҙең алда миңә һатһа ине. Мин уға етерлек күләмдә аҡса түләр инем. Мәмерйә үҙ милкем булғас, мин унда төрбә яһар инем, – тине. Ғәфрон халҡы араһында ултыра ине. Ул, ҡала ҡапҡаһы янында йыйылған барлыҡ хиттиҙәр ҙә ишетерлек итеп, Ибраһимға: – Юҡ, әфәндем, – тип яуап ҡайтарҙы. – Һин мине тыңла: мәмерйә менән бергә баҫыуҙы ла һиңә бирәм. Халҡымдың күҙ алдында уны һиңә бүләк итәм, ерлә, әйҙә, мәрхүмәңде. Был ер кешеләре алдында баш эйеп, Ибраһим бөтә халыҡ ишетерлек итеп Ғәфронға: – Һүҙемде тыңла, – тине. – Баҫыу өсөн һиңә көмөш бирәйем. Хаҡын ал, шунан мәрхүмәмде ерләрмен. Ғәфрон Ибраһимға: – Әфәндем, ерҙең хаҡы – дүрт йөҙ шекел көмөш, – тине. – Һинең менән миңә нимә генә инде был? Әйҙә, мәрхүмәңде ерләй күр. Ибраһим, Ғәфрон ҡуйған хаҡ менән килешеп, хитти халҡы алдында сауҙагәрҙәр араһында йөрөгән ауырлыҡ үлсәме буйынса, дүрт йөҙ шекел көмөш үлсәп бирҙе. Шулай итеп, Ғәфрондоң Мамре янындағы Махпелала урынлашҡан баҫыуы, ундағы мәмерйә һәм баҫыуҙағы, уның тирә-яғындағы бөтә ағастар Ибраһимдың милкенә күсте. Быға хиттиҙәрҙең ҡала ҡапҡаһы янында йыйылған бөтә халҡы шаһит булды. Ибраһим ҡатыны Сараны Ҡәнғән ерендә Мамре, йәғни Хеврон янындағы Махпела баҫыуы мәмерйәһендә ерләне. Хиттиҙәрҙең баҫыуы менән ундағы мәмерйә, зыярат урыны булып, Ибраһимға ана шулай күсте. Ибраһим ҡартайғайны, йәше өлкәнәйгәйне инде. Раббы уға һәр йәһәттән фатихалы булды. Ибраһим йортондағы бөтә донъяһын көтөп торған иң өлкән хеҙмәтсеһенә былай тине: – Ҡулыңды минең йән еремә ҡуйып, күк һәм ер Аллаһы Раббы исеме менән ант ит: улым Исхаҡҡа мин араларында йәшәгән Ҡәнғән иле ҡыҙҙарынан ҡатын алдырма! Минең тыуған илемә, туғандарым янына барып, улыма ҡатынды шунан алып ҡайт. Хеҙмәтсеһе унан: – Әгәр ул ҡыҙ минең менән был илгә килергә теләмәһә, ни эшләргә? Мин улыңды үҙең килгән илгә алып китергә тейеш буламмы? – тип һораны. – Ҡара уны, улымды унда алып китәһе булма! – тине Ибраһим. – Мине атам йортонан, тыуған илемдән алып килгән, «был ерҙе һинең тоҡомоңа бирермен» тип ант иткән Күк Аллаһы Раббы һинең алдыңдан фәрештәһен ебәрер. Шуға күрә һин унан минең улыма кәләш алып ҡайтырһың. Әгәр ҙә мәгәр ҡыҙ һинең менән килергә теләмәһә, антыңдан азат булырһың, әммә улымды унда алып барма! Хеҙмәтсеһе хужаһының йән еренә ҡулын ҡуйып ант итте. Шунан ул хужаһының көтөүенән ун дөйә, шулай уҡ төрлө зиннәтле әйберҙәр алды ла Нахор йәшәгән ҡалаға – Арам-Наһараимға сәфәр сыҡты. Барып еткәс, дөйәләрен ҡала янындағы ҡоҙоҡ эргәһендә туҡтатты. Эңер мәле, ҡатын-ҡыҙҙарҙың һыу алырға сыҡҡан ваҡыты ине. Шунда Ибраһимдың хеҙмәтсеһе былай тине: – Йә Раббы, хужам Ибраһимдың Аллаһы! Бөгөн юлымды хәйерле ит, хужамды ярҙамыңдан ҡалдырма! Бына мин ҡала ҡыҙҙары һыуға йөрөй торған ҡоҙоҡ янында торам. Уларҙың ҡайһыһы: «Көршәгеңдән һыу эсергә рөхсәт итһәңсе», – тип әйтеүемә: «Эс. Ҡана, мин дөйәләреңде лә һуғарайым», – тип яуап бирә, шул ҡыҙ ҡолоң Исхаҡҡа Һин насип иткән ҡатын булыр. Хужама Һин күрһәткән мәрхәмәттең билдәһе шул булһын! Мосафир шулай тип доға ҡылып та бөтмәне, Ибраһимдың ҡустыһы Нахорҙың ҡатыны Милканан тыуған улы Беҫуилдың ҡыҙы Рабиға, яурынына көршәген ултыртып, килеп тә етте. Ул төҫкә-башҡа бик һылыу, әле кейәүгә бармаған ғиффәтле ҡыҙ ине. Ҡоҙоҡ янына төшөп көршәгенә һыу алды ла кире боролдо. Шул саҡ Ибраһимдың хеҙмәтсеһе уның ҡаршыһына йүгереп сыҡты ла: – Көршәгеңдән һыу эсер әле миңә! – тип үтенде. – Эсә күр, әфәндем, – тине Рабиға. Шунда уҡ яурынынан көршәген төшөрөп, Ибраһимдың хеҙмәтсеһенә һыу эсерҙе. Шунан былай тине: – Хәҙер мин дөйәләреңде лә һуғарам, әйҙә, туйғансы эсһендәр. Ул һыуын тиҙ генә мал һуғара торған ялғашҡа ҡойҙо ла яңынан ҡоҙоҡҡа йүгерҙе – дөйәләрҙең бөтәһен дә һуғарып бөткәнсе шулай һыу ташыны ла ташыны. Раббының үҙ юлын хәйерле иткәнме, әллә юҡмы икәнен аңларға теләп, хеҙмәтсе уны өндәшмәй генә күҙәтте. Дөйәләре һыу эсеп туйғас, ул ҡыҙға ярты шекел ауырлыҡтағы танау алҡаһы, ун шекел ауырлығындағы ике алтын беләҙек бүләк итте. – Кем ҡыҙы һин? – тип һораны. – Атайың йортонда ҡунып сығырлыҡ урын булмаҫмы икән? – Мин Милка менән Нахорҙың улы Беҫуилдың ҡыҙы булам, – тип яуап бирҙе ҡыҙ. – Беҙҙә малға аҙыҡ та, һалам да етерлек, йоҡларға ла урын табылыр. Шунда Ибраһимдың хеҙмәтсеһе йөҙтүбән ергә ҡапланып Раббыны данланы: – Хужам Ибраһимдың Аллаһы Раббы мөбәрәк булһын! Әфәндемде мөхәббәтенән мәхрүм итмәне һәм тоғро булып ҡалды. Раббы мине туп-тура хужамдың туғандары йортона алып килде. Ҡыҙ өйөнә, әсәһе янына йүгереп ҡайтып, барыһын да һөйләп бирҙе. – Рәхим ит, Раббы рәхмәтендәге кеше! – тине Лаван. – Ниңә бында тораһың, үҙеңә лә, дөйәләреңә лә урын әҙерләнем. Ибраһимдың хеҙмәтсеһе өйгә инде. Лаван дөйәләрҙең йөгөн бушатты, уларға һалам менән аҙыҡ һалды, ә ҡунаҡ менән уның юлдаштарына аяҡтарын йыуырға һыу бирҙе. Табынға ултырғас, Ибраһимдың хеҙмәтсеһе: – Маҡсатымды һөйләмәйенсә ауыҙыма ризыҡ ҡапмайым, – тип белдерҙе. – Һөйлә, улайһа, – тине Лаван. – Мин Ибраһимдың хеҙмәтсеһемен, – тип һүҙ башланы ҡунаҡ. – Раббы минең хужамды мөбәрәк ҡылды, ул бик байып китте: эреле-ваҡлы малдары ла, алтын-көмөшө лә, ҡол һәм ҡолиәләре лә, дөйә-ишәктәре лә күп уның. Хужамдың ҡатыны Сара ҡартайғас ҡына уға бер ул табып биргәйне, бөтә мөлкәтен шул улына тапшырҙы. Хужам минән ант иттерҙе: улына ҡатынды әле ул йәшәп ятҡан Ҡәнғән иле ҡыҙҙарынан түгел, ә уның тыуған яғына барып, үҙенең нәҫел-нәсәбе араһынан алып ҡайтырға ҡушты. Хужамдан: «Әгәр ҡыҙ минең менән килергә риза булмаһа?» – тип һораным. Ул әйтте: «Минең бөтә тормошом Раббы алдында булды. Ул фәрештәһен һинең менән бергә ебәреп, юлыңды хәйерле итер, – тине. – Улыма ҡатынды үҙемдең нәҫел-нәсәбем араһынан, атам йортонан алып ҡайтырһың. Әгәр инде туғандарыма барып та, ҡыҙҙарын бирмәһәләр, ул саҡта биргән антыңдан азат булырһың». Бөгөн ҡоҙоҡ янына килдем дә былай тинем: «Йә Раббы, хужам Ибраһимдың Аллаһы! Әгәр юлымды хәйерле ҡылырға яҙғанһың икән, бына мин әле ҡоҙоҡ янында торам. Һыу алырға килгән ҡыҙға мин: „Көршәгеңдән һыу эсер әле“, – тип әйтермен. Әгәр ул: „Үҙең дә эс, дөйәләреңде лә һуғарырмын“, – тип яуап ҡайтарһа, хужамдың улына Раббы насип иткән ҡатындың шул икәнлеген аңлармын». Шулай тип доға ҡылырға ла өлгөрмәнем, яурынына көршәген ултыртып, Рабиға инешкә төштө лә һыу һирпеп алды. Мин унан, һыу эсер әле, тип һораным. Ул шунда уҡ көршәген һоноп: «Эс. Мин һинең дөйәләреңде лә һуғарырмын», – тине. Үҙем дә эстем, дөйәләремде лә һуғарҙы. Мин: «Кем ҡыҙы һин?» – тип һораным. Ул: «Нахор менән Милканың улы Беҫуилдың ҡыҙымын», – тине. Шунан мин уға танау алҡаһы, ҡулына беләҙектәр бирҙем. Үҙем Раббы алдына эйелеп сәждә ҡылдым. Хужамдың улына ҡустыһының ҡыҙын алыр өсөн миңә тоғро юл күрһәткән Раббыға, хужам Ибраһим Аллаһына шөкөр иттем. Хәҙер инде миңә шуны әйтегеҙ: һеҙҙең хужама мәрхәмәт һәм тоғролоҡ күрһәтергә теләгегеҙ бармы-юҡмы? Мин дә үҙемә нимә эшләргә кәрәклеген беләйем. Лаван менән Беҫуил уға: – Раббы эше был, – тип яуап ҡайтарҙылар. – Беҙ һиңә яҡшынан да, насарҙан да бер нәмә лә әйтә алмайбыҙ. Бына Рабиға ҡаршыңда, уны үҙең менән алып кит. Раббының ихтыяры менән хужаңдың улына ҡатын булһын, әйҙә. Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Ибраһимдың хеҙмәтсеһе ергә ҡапланып Раббыға сәждә ҡылды. Шунан ул Рабиғаға алтын-көмөш биҙәүестәр, зиннәтле кейемдәр сығарып бирҙе, шулай уҡ уның ҡустыһы менән әсәһенә лә затлы бүләктәр өләште. Аҙаҡтан ул юлдаштары менән бергә ашап-эсте лә йоҡларға ятты. Иртән торғас, Ибраһимдың хеҙмәтсеһе: – Хужама ҡайтырға рөхсәт итегеҙ, – тине. Ләкин ҡыҙҙың ағаһы менән әсәһе: – Ҡыҙ беҙҙең менән ун ғына көн булһа ла торһон әле, шунан китерһегеҙ, – тинеләр. – Тотҡарламағыҙ инде, – тине хеҙмәтсе. – Раббы юлымды хәйерле иткән икән, ебәрегеҙ мине, ҡайтайым хужама. – Ҡыҙҙы саҡырып һорайыҡ, ул ни әйтер, – тинеләр. Рабиғаны саҡырҙылар ҙа: – Ошо кеше менән китәһеңме? – тип һоранылар. – Китәм, – тине ул. Рабиғаны, уның һөт әсәһен, Ибраһимдың хеҙмәтсеһен һәм юлдаштарын – барыһын да оҙатып ебәрҙеләр. Рабиғаға фатиха биреп, ошо һүҙҙәрҙе әйттеләр: – Нәҫел-нәсәбең, һылыуҡайыбыҙ, Мең булһын, ун мең булһын! Һинең балаларың алдында Дошман ҡапҡалары ҡолаһын! Рабиға менән уның хеҙмәтсе ҡыҙҙары дөйәләргә атланды ла Ибраһимдың хеҙмәтсеһе артынан эйәрҙе. Шулай итеп, хеҙмәтсе Рабиғаны алып юлға сыҡты. Исхаҡ яңы ғына Беер-Лахай-Роиҙан ҡайтҡайны. Был ваҡытта ул Негевта йәшәй ине. Кисләгәс кенә ул яланға сығып уйға батып йөрөй ине, ҡараһа – дөйәләр килә. Рабиға, Исхаҡты күргәс, дөйәһенән төштө. Ибраһимдың хеҙмәтсеһенән: – Ялан буйлап беҙҙең ҡаршыға килгән кеше кем ул? – тип һораны. – Был минең хужам, – тине хеҙмәтсе. Быны ишеткәс, Рабиға бөркәнсеген алып ябынды. Хеҙмәтсе иһә Исхаҡҡа үҙенең сәфәре хаҡында һөйләне. Шунан һуң Исхаҡ Рабиғаны әсәһе Сараның сатырына алып инде, уға өйләнде. Исхаҡ Рабиғаны бик яратты, мәрхүмә әсәһенең үлеменән һуң унда йыуаныс тапты. Ибраһим тағы өйләнде, ҡатынының исеме Ҡытура ине. Унан Зимран, Йоҡшан, Медан, Мидйән, Йишбаҡ, Шуах исемле улдары тыуҙы. Йоҡшандың Шева менән Дедан исемле улдары булды. Ашшурҙар, летуштар, леумдар – Дедан нәҫелдәре. Мидйәндең улдары: Ғефа, Ғефәр, Ханох, Авидағ һәм Әлдаға. Улар барыһы ла Ҡытураның нәҫелдәре. Ибраһим бөтә мөлкәтен Исхаҡҡа бирҙе. Ә йәриәләренән тыуған улдарын Ибраһим мул бүләктәр бирҙе лә үҙе иҫән саҡта уҡ көнсығышҡа – шул яҡтағы ерҙәрҙә үҙ аллы йәшәргә ебәрҙе – уларҙы Исхаҡ янынан алыҫҡараҡ оҙатты. Ибраһим йөҙ ҙә етмеш биш йыл йәшәне. Ул, оҙон ғүмер һөрөп, фани донъя рәхәтен күреп, ата-бабаларына ҡушылды. Улдары Исхаҡ менән Исмәғил уны хитти кешеһе – Сохар улы Ғәфрондың баҫыуында, Мамре ҡаршыһындағы Махпела мәмерйәһендә ерләне. Был баҫыуҙы Ибраһим хиттиҙәрҙән һатып алғайны. Ибраһим менән ҡатыны Сара ана шунда ҡуйылды. Ибраһим вафат булғандан һуң, Алла уның улы Исхаҡты мөбәрәк ҡылды. Исхаҡ Беер-Лахай-Роиҙа йәшәй ине. Бына Ибраһим улы Исмәғилдең – Сараның хеҙмәтсеһе мысыр Хәжәрҙән тыуған улының нәҫел шәжәрәһе. Исмәғилдең улдарының исемдәре: – баш балаһы Невайоҫ, артабанғылары – Ҡыдар, Адбеил, Мивсам, Мишмағ, Дума, Масса, Хадад, Тема, Йетур, Нафиш һәм Ҡыдма. Исмәғилдең ун ике улы ла үҙ ырыуҙарының юлбашсыһы булды. Был ырыуҙар йәшәгән һәм күсеп йөрөгән урындар уларҙың исемдәре менән аталды. Исмәғил йөҙ ҙә утыҙ ете йыл йәшәне, шунан һуңғы һулышын алды һәм ата-бабаларына ҡушылды. Уның нәҫел-нәсәбе Хауиланан алып Шурға тиклемге ерҙәрҙә йәшәне, был ерҙәр Ашшурға барған юлда, Мысыр сигендә урынлашҡан. Тик ағай-энеләр үҙ-ара татыу булманы. Бына Ибраһимдың улы Исхаҡтың нәҫел шәжәрәһе. Ибраһимдың улы Исхаҡ. Арами Лавандың һеңлеһе, Паддан-Арамдан арами Беҫуилдың ҡыҙы Рабиғаға өйләнгәнендә Исхаҡҡа ҡырҡ йәш тулғайны. Исхаҡ ҡатыны өсөн Раббыға ялбарҙы, сөнки Рабиға түлһеҙ ине. Раббы Исхаҡтың үтенесен ишетте, ҡатыны ауырға ҡалды. Сабыйҙар ҡорһағында бер-береһе менән тибешә башланы. Рабиға: – Ни өсөн миңә былай булды әле? – тип аптырап, Раббынан һорарға китте. Раббы уға: – Ике халыҡ һинең ҡарыныңда, Ике халыҡ һинән яралыр. Береһе икенсеһенән көслө булыр, Өлкәне кесеһенә хеҙмәт итер, – тине. Рабиғаның бала табыр ваҡыты еткәс, игеҙәктәр тыуҙы. Тәүгеһе донъяға ҡып-ҡыҙыл һәм йәнлек тиреһе һымаҡ йөнтәҫ булып тыуҙы; уға Ғаяз тип исем ҡуштылар. Уның артынан, Ғаяздың үксәһенә йәбешеп, икенсеһе тыуҙы, уны Яҡуп тип атанылар. Улар тыуғанда Исхаҡҡа алтмыш йәш ине. Малайҙар үҫте. Ғаяз гел ялан ҡыҙырыр булды, мәргән һунарсы булып китте, ә Яҡуп сатырҙан сыҡмай торған тыныс егет ине. Исхаҡ Ғаязды яратыңҡырай, ул тотоп алып ҡайтҡан ҡош-ҡорт менән һыйланыу оҡшай ине. Ә Рабиға Яҡупты яҡыныраҡ күрҙе. Бер ваҡыт Яҡуп ашарға бешереп торғанда, Ғаяз арып һунарҙан ҡайтып инде. – Бынауы ҡыҙыл нәмәңде ашат әле, – тине ул Яҡупҡа. – Мин бик арыным. (Шунлыҡтан уға Эдом тигән ҡушамат тағылды.) Яҡуп уға: – Тәүҙә һин миңә баш бала булыу хоҡуғын һат, – тине. – Мин хәҙер астан үләм! – тине Ғаяз. – Минең баш бала булыуымдан ни файҙа? – Тәүҙә ант ит! – тине Яҡуп. Ғаяз ант итеп Яҡупҡа баш бала булыу хоҡуғын бирҙе. Яҡуп Ғаязға икмәк килтерҙе, яҫмыҡтан бешергән ашын ашатты. Ғаяз ашап-эсте лә тороп китте, баш бала булыу хоҡуғына иҫе лә китмәне. Илдә Ибраһим заманындағы йотлоҡтан башҡа тағы бер аслыҡ булды. Исхаҡ Герарға, пелештиҙәр батшаһы Авимәләхкә китте. Раббы Исхаҡҡа күренеп: – Барма Мысырға, – тине. – Мин күрһәткән ерҙә йәшә. Был ер һине ҡабул итер, ә Мин һине ташламам, фатихамды бирермен. Атайың Ибраһимға биргән вәғәҙәмдә торормон: бөтә был ерҙәрҙе һиңә, һинең нәҫел-нәсәбеңә бирермен. Тоҡомоңдо сикһеҙ арттырырмын, күктәге йондоҙҙар күпме булһа, шул саҡлы буласаҡ улар, бөтә был ерҙәрҙе Мин уларға бирәм. Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар һинең тоҡомоң аша фатихалы булыр – атайың Ибраһимдың Мин бойорғандың барыһын да эшләгәне – Мин ҡушҡандарҙы, ҡанундар һәм ҡағиҙәләрҙе үтәгәне өсөн булыр был. Шулай итеп, Исхаҡ Герарҙа йәшәргә ҡалды. Бындағы кешеләр ҡатыны Рабиға тураһында һорашҡас: – Һеңлем ул минең, – тип яуап бирҙе. Ҡатыным, тип әйтергә ҡурҡты, сөнки Рабиғаның матурлығын күреп, мине үлтерерҙәр ҙә уны үҙҙәренә алырҙар, тип уйланы. Әммә байтаҡ ҡына ваҡыт йәшәгәс, пелештиҙәр батшаһы Авимәләх тәҙрәнән Исхаҡтың ҡатынын иркәләгәнен күреп ҡалды. Ул Исхаҡты саҡыртып алды ла: – Ул һинең ҡатының да баһа! Ниңә уны һеңлем тип әйттең? – тип һораны. – Уның арҡаһында мине үлтереп ҡуйырҙар, тип ҡурҡтым, – тине Исхаҡ. – Ни эшләйһең һин? – тине Авимәләх. – Беҙҙең аранан берәйһе ҡатының менән йоҡлаған булһа, ниндәй ғәйепкә тарыр инек! Авимәләх бөтә халҡына шундай иғлан һалды: – Берәйһе был кешегә йәки уның ҡатынына тейә икән, ул кеше үлемгә хөкөм ителәсәк. Был илгә күсеп килгәс, Исхаҡ иген сәсте. Раббының рәхмәте төшөп, ул йылда Исхаҡ йөҙ тапҡыр арттырып уңыш алды. Ул байығандан-байый барып, ысын байға әйләнде. Уның эреле-ваҡлы малдары, хеҙмәтселәре күбәйҙе. Пелештиҙәр унан көнләшә башланы. Атаһы Ибраһим иҫән саҡта уҡ уның хеҙмәтселәре ҡаҙған бөтә ҡоҙоҡтарҙы пелештиҙәр тупраҡ менән күмеп бөттө. Авимәләх Исхаҡҡа былай тине: – Кит бынан. Һин беҙгә ҡарағанда артыҡ ныҡ көсәйҙең. Исхаҡ унан китеп, Герар үҙәнендә урынлашты һәм шунда сатырҙарын ҡороп ебәрҙе. Исхаҡ атаһы Ибраһим дәүерендә ҡаҙылған һәм ул вафат булғандан һуң пелештиҙәр күмеп бөткән ҡоҙоҡтарҙы яңынан ҡаҙҙы. Был ҡоҙоҡтарға ул ҡасандыр атаһы ҡушҡан исемдәрҙе бирҙе. Бер ваҡыт уның хеҙмәтселәре үҙәндә ҡоҙоҡ ҡаҙып һыу сығарҙы, әммә Герар көтөүселәре: «Был беҙҙең һыу», – тип Исхаҡтың көтөүселәре менән бәхәсләшеп китте. Ыҙғыш ҡоҙоҡ өсөн сыҡҡанлыҡтан, уға Эсек тип исем бирҙеләр. Тағы бер ҡоҙоҡ ҡаҙҙылар, уның өсөн дә бәхәс сыҡты һәм уны Ситна тип атанылар. Шунан Исхаҡ, тағы арыраҡ китеп, икенсе бер ҡоҙоҡ ҡаҙҙы, бында инде бәхәс ҡупманы һәм уға Реховоҫ тип исем ҡушты. «Бына хәҙер Раббы, беҙ күбәйеп китһен тип, иркенлек бирҙе», – тине. Исхаҡ бынан Беер-Шәвәғкә күсте. Шул төндә уға Раббы күренде. – Мин Ибраһимдың, һинең атайыңдың Аллаһымын, – тине Ул. – Ҡурҡма, Мин һинең менән. Һиңә фатихамды бирермен һәм ҡолом Ибраһим хаҡына тоҡомоңдо арттырырмын. Исхаҡ ошо ерҙә ҡорбан усағы яһап, Раббы исеменә доға бағышланы, сатырҙарын ҡороп ебәрҙе, ә хеҙмәтселәре ҡоҙоҡ ҡаҙырға кереште. Авимәләх, кәңәшсеһе Ахуззаҫ һәм ғәскәр башлығы Пихолды эйәртеп, Герарҙан Исхаҡ янына килде. – Ниңә килдегеҙ әле миңә? – тине Исхаҡ. – Һеҙ бит мине дошман күреп, ҡыуып ебәргәйнегеҙ! – Раббының һинең менән булғанын күреп торабыҙ, – тине улар, – шуға күрә беҙ, бер-беребеҙгә ант итешеп, килешеү төҙөйөк, тип уйланыҡ. Һинең беҙгә, беҙҙең һиңә зыяныбыҙ теймәһен. Һиңә беҙ ҙә насарлыҡ ҡылманыҡ бит, яҡшылыҡ менән ебәрҙек. Хәҙер инде һин Раббының рәхмәтендә. Исхаҡ уларға мәжлес ойошторҙо, улар ашаны-эсте. Иртән торғас, бер-береһенә ант бирештеләр. Исхаҡ ҡунаҡтар менән хушлашты, улар иҫән-аман ҡайтып китте. Шул көндә үк ҡоҙоҡ ҡаҙған хеҙмәтселәр килеп, Исхаҡҡа һыу табыуҙары хаҡында хәбәр итте. Исхаҡ был ҡоҙоҡҡа Шивға тип исем бирҙе. Шуға күрә ҡаланың исеме бөгөнгө көнгә тиклем Беер-Шәвәғ. Ғаяз ҡырҡ йәшендә хитти Беериҙың ҡыҙы Йеһудиҫ менән хитти Элондың ҡыҙы Басмаҫҡа өйләнде. Был ҡатындар Исхаҡ менән Рабиғаның башына бер көйөк булды. Бер ваҡыт инде ҡартайған һәм күҙе бик насар күргән Исхаҡ өлкән улын үҙ янына саҡыртып алды. – Улым! – тине ул Ғаязға. – Эйе, мин, атай! – тип яуап бирҙе улы. Исхаҡ былай тине: – Мин ҡартайҙым инде, күпме йәшәрмен – белмәйем. Ҡоралыңды – уҡ-һаҙағыңды алып, яландан ҡыр йәнлеге атып алып ҡайт әле. Шуны тәмле итеп мин яратҡанса бешер ҙә һыйла мине, шунан һиңә фатихамды бирермен. Рабиға Исхаҡтың Ғаяз менән һөйләшкәнен ишетеп ҡалды. Ғаяз һунарға киткәс, улы Яҡупҡа былай тине: – Мин атайыңдың Ғаязға һунарға барып ҡыр йәнлеге атып килтерергә лә уны тәмле итеп әҙерләргә ҡушҡанын ишеттем. Атайың һыйланып алғас, Раббы ҡаршыһында Ғаязға үҙенең фатихаһын бирәсәк. Хәҙер, улым, мине тыңла: ни эшләргә кәрәклеген әйтәм. Көтөүгә бар ҙа көр генә ике кәзә бәрәсен һайлап алып ҡайт. Мин уларҙы атайың яратҡанса тәмле итеп бешерермен дә һин уны атайыңа алып барырһың, ул ашар ҙа фатихаһын һиңә бирер. – Ағайым йөнтәҫ бит, – тине Яҡуп, – ә минең тәнем шыма. Бәлки, атайым мине һыйпап ҡарарға булыр? Әгәр ул алдағанымды белеп ҡалһа, мине фатиха түгел, ҡәһәр көтә. Әммә әсәһе былай тине: – Төшһә, был ҡәһәр миңә төшһөн, улым. Һин минең һүҙемде тыңла ла әйткәнемде эшлә. Яҡуп көтөүҙән кәзә бәрәстәрен алып ҡайтты, ә Рабиға уларҙы Исхаҡ яратҡанса тәмле итеп бешерҙе. Шунан ул өлкән улы Ғаяздың өйҙә булған иң яҡшы кейемдәрен алды ла кесе улы Яҡупҡа кейҙерҙе. Яҡуптың ҡулдары менән муйынын кәзә тиреһе менән ҡапланы. Яҡупҡа тәмле итеп бешергән ризыҡ менән икмәк тотторҙо. Яҡуп атаһы янына инде лә: – Атай! – тине. – Эйе, улым, ә һин улдарымдың ҡайһыһы? – тине Исхаҡ. – Мин – Ғаяз, һинең өлкән улың, – тип яуап бирҙе Яҡуп. – Әйткәнеңде эшләнем. Тороп ултыр ҙа мин аулаған йәнлек итен аша, шунан миңә үҙеңдең фатихаңды бирерһең. – Улым, нисек һин улай йәнлекте бик тиҙ тота алдың? – тип һораны Исхаҡ. Тегеһе: – Раббы, һинең Аллаң, миңә ярҙамын бирҙе, – тине. – Яҡыныраҡ кил әле, – тине Исхаҡ. – Ҡана, мин һине һыйпап ҡарайым, һин Ғаязмы, әллә түгелме? Яҡуп атаһы янына килде. Атаһы уны ҡапшап ҡараны ла: – Тауышы Яҡуптыҡы, ә ҡулдары – Ғаяздыҡы, – тине. Яҡуптың ҡулдары Ғаяздыҡы кеүек йөнтәҫ булғанлыҡтан, уны таныманы, фатихаһын бирә башлап: – Һин ысынлап та улым Ғаязмы? – тип һораны. – Эйе, мин, атай, – тине тегеһе. – Һыйыңды бир, улым, ашайым да һине фатихалайым. Яҡуп атаһына ашарға һыйын, эсергә шарабын бирҙе. Исхаҡ ашаны-эсте. Шунан һуң: – Кил, улым, үп мине, – тине. Яҡуп яҡын килеп атаһын үпте, кейеменән сыҡҡан еҫте һиҙеп, Исхаҡ уны ошо һүҙҙәр менән бәхилләне: – Улым еҫе – Раббы фатихалаған яландар еҫе, Күктән төшөр ысыҡты ла, ерҙә үҫер емеште лә, Игенен дә, шарабын да мулдан бирһен Алла. Ҡәүемдәр һиңә хеҙмәт итһендәр, Баш эйһен һиңә ырыуҙар. Ағай-энеләреңә лә хаким булырһың һин, Әсәң уландары һиңә баш эйер. Һине ҡәһәрләгән кеше ҡәһәр алыр, Һиңә фатиха биргән үҙе фатихалы булыр! Исхаҡ Яҡупҡа фатихаһын биреп, Яҡуп атаһы янынан сығып китеү менән, Ғаяз ауҙан ҡайтып инде. Ул тәмле итеп ашарға әҙерләне лә атаһына алып килде: – Тор, атай, һунарҙан алып ҡайтҡан ризығымды аша, фатихала мине! – тине. – Һин кем? – тип һораны атаһы. – Мин һинең өлкән улың Ғаяз, – тип яуап бирҙе ул. Исхаҡ, ҡаушауынан ҡалтыранып: – Ә һин килгәнсе үк мине һунарҙан алып ҡайтҡан ит менән һыйлаған кеше кем булды һуң? – тип һораны. – Мин уны бәхилләнем бит. Хәҙер ул фатихалы булды инде. Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Ғаяз әсенеп ҡысҡырып ебәрҙе лә атаһынан: – Улайһа, мине лә бәхиллә, атай! – тип үтенде. – Ҡустың килгән булған миңә, – тине Исхаҡ. – Ул, алдап, һиңә тейеш фатиханы алған. Әйтте Ғаяз: – Уның исеме юҡҡа ғына Яҡуп түгел – ул мине ике тапҡыр отто инде! Тәүҙә ул минең баш бала булыу хоҡуғымды тартып алды, ә хәҙер миңә тейешле фатиха ла юҡ! – Шулай итеп, минең өсөн бер ниндәй ҙә фатиха ҡалманымы ни инде? – тип һораны Ғаяз атаһынан. Исхаҡ былай тип яуап бирҙе: – Мин уны һинең хакимың итеп ҡуйҙым, бөтә ағай-энене уға ҡол иттем, икмәк тә, шарап та бирҙем. Һинең өсөн нимә генә эшләй алам инде мин, улым? – Атай, һинең фатихаң берәү генәме ни һуң? – тип һораны Ғаяз Исхаҡтан. – Мине лә бәхиллә, атай! Ғаяз илап ебәрҙе, ә атаһы Исхаҡ уға былай тине: – Йәшәгән төйәгең күктең ысығы һуғарған, Уңдырышлы ерҙән алыҫ булыр. Ҡылысың ни тапһа, йәшәүең шунан булыр, Хеҙмәт итерһең һин ҡустыңа. Әммә килер бер көн – һин ярһырһың, Елкәңдәге ҡамыттан ҡотолорһоң. Ғаяз аталарынан хәйләләп алған фатиха өсөн Яҡупҡа асыу тотто. «Атайыбыҙ вафат булһа, – тип уйланы Ғаяз, – Яҡупты үлтерәсәкмен!» Әммә Рабиғаға өлкән улының уйын еткерҙеләр. Ул Яҡупты, кесе улын, үҙ янына саҡыртып алды ла былай тине: – Ағайың Ғаяз һине үлтерергә итә. Мин әйткәнде тыңла, улым: ағайым Лаван янына, Харанға ҡас. Шунан Рабиға Исхаҡҡа: – Был хитти ҡыҙҙары миңә һис кенә лә оҡшамай. Әгәр Яҡуп та бындағы берәй хитти ҡыҙына өйләнеп ҡуйһа, ят та үл! – тине. Исхаҡ Яҡупты саҡырып алды ла, уға фатихаһын биреп, өгөт-нәсихәтен әйтте: – Ҡәнғән ҡыҙҙарына өйләнәһе булма. Паддан-Арамға барып, әсәйеңдең атаһы, йәғни ҡартатайың Беҫуилға бар, әсәйеңдең ағаһы Лаван ҡыҙҙарының береһенә өйлән. Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алланың рәхмәте төшһөн һиңә! Нәҫел-ырыуыңдың үрсемле, бик күп булыуын, һинән бик күп халыҡтарҙың таралыуын насип итһен. Алла Үҙе Ибраһимға биргән фатихаһын һиңә һәм һинең тоҡомоңа ла бирһен – шул саҡта үҙең килмешәк булып йәшәгән ошо ергә, Алла Ибраһимға биргән ергә, хужа булырһың! Исхаҡ улы менән хушлашты, Яҡуп Паддан-Арамға арами Беҫуилдың улы Лаванға китте. Лаван Яҡуп менән Ғаяздың әсәһе Рабиғаның ағаһы ине. Ғаяз Исхаҡтың Яҡупҡа фатиха биреп, уны Паддан-Арамға ҡатын алырға ебәреүен, атаһының фатиха биреү менән бергә Яҡупҡа Ҡәнғән ҡыҙҙарынан ҡатын алмаҫҡа ҡушыуын белде һәм Яҡуптың, ата-әсәһе һүҙен тыңлап, Паддан-Арамға киткәнен дә ишетте. Шунда Ғаяз ҡәнғәни килендәрҙең атаһына оҡшамауын аңланы. Ибраһимдың улы Исмәғилгә китте. Ул башҡа ҡатындары өҫтөнә Исмәғилдең ҡыҙы Махалаҫҡа өйләнде. Махалаҫ Невайоҫтың һеңлеһе ине. Яҡуп, Беер-Шәвәғтән китеп, Харанға табан юл алды. Бер урынға барып еткәндә, ҡараңғы төшкәйне. Ул баш аҫтына таш һалды ла йоҡларға ятты. Төшөндә ул ерҙән күккә ашып торған баҫҡыс күрҙе, ул баҫҡыс буйлап Алланың фәрештәләре менеп-төшөп йөрөй, имеш. Унда торған Раббы Яҡупҡа әйтә, имеш: – Мин һинең ата-бабаң булған Ибраһим Аллаһы, Исхаҡ Аллаһы. Әле үҙең ятҡан ерҙе Мин һиңә һәм тоҡомоңа бирәм. Ҡом бөртөгө күпме булһа, нәҫел-ырыуың да шул саҡлы күп булыр, улар көнбайышҡа ла, көнсығышҡа ла, төньяҡҡа һәм көньяҡҡа ла таралып ултырыр. Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар һинең һәм һинең тоҡомоң аша фатихалы булыр. Ҡайҙа ғына барһаң да, Мин һинең менән булырмын; Мин һине һаҡлармын – кире был илгә ҡайтарырмын. Биргән вәғәҙәмде үтәмәйенсә, Мин һине ташламам. Яҡуп йоҡоһонан уянды ла: – Хаҡтыр бына, Раббы булған урын да баһа был, ә мин шуны белмәгәнмен дә, – тине. Шунан ул шомланып: – Ҡурҡыныс урын бит был! – тип ҡуйҙы. – Был бит Алла йорто, күк ҡапҡаһы. Иртәгәһен Яҡуп торҙо ла баш аҫтына һалып ятҡан ташты һәйкәл һымаҡ баҫтырып ҡуйҙы һәм өҫтөнә зәйтүн майы ҡойҙо. Был урынды ул Бейт-Ил тип атаны, элек ҡала Луз тип аталған булған. Яҡуп шундай нәҙер әйтте: – Әгәр Алла мине ташламаһа, юлда мине һаҡлап, икмәк һәм кейем бирһә, әгәр атам йортона иҫән-аман ҡайта алһам, Раббы минең Аллам булыр. Мин ҡуйған таш бағана Алла йортона әйләнер һәм Һин, Раббы, миңә насип итәсәк бөтә нәмәнең унынсы өлөшөн мин Һиңә бирермен. Яҡуп, юлын дауам итеп, көнсығыш халыҡтары йәшәгән ергә етте. Ул яланда бер ҡоҙоҡ күрҙе. Ҡоҙоҡ эргәһендә өс һарыҡ көтөүе ята ине. Малдарҙы шул ҡоҙоҡтан һуғаралар, әле иһә уның ауыҙы ҙур таш менән ябылғайны. Бөтә көтөүҙәр ҙә йыйылғас, көтөүселәр был ташты шыуҙырып, һарыҡтарҙы һуғара ла һуңынан ташты кире ябып ҡуя икән. – Һеҙ ҡайҙан, туғандар? – тип һораны Яҡуп көтөүселәрҙән. – Харандан, – тип яуап бирҙе улар. Ул: – Һеҙ Нахор улы Лаванды белмәйһегеҙме? – тип һораны. – Беләбеҙ, – тинеләр. – Нисек йәшәп ята әле ул? – тип һораны Яҡуп. – Иҫән-һау, – тинеләр уға. – Ана, уның ҡыҙы Рәхилә лә һарыҡтары менән килә. – Көн оҙон бит әле, – тине Яҡуп көтөүселәргә, – малды йыйырға иртә. Һарыҡтарығыҙҙы эсерегеҙ ҙә тағы көтөүгә ҡыуығыҙ. Улар: – Көтөүҙәрҙең барыһы ла йыйылып, ташты шыуҙырмайынса, ҡуҙғала алмайбыҙ. Шунда ғына беҙ һарыҡтарҙы һуғарабыҙ, – тип яуапланы. Улар һөйләшкән арала атаһының ваҡ мал көтөүе менән Рәхилә лә килеп етте. Ул һарыҡ көтә ине. Яҡуп, әсәһенең ағаһы Лавандың ҡыҙы Рәхиләне һәм көтөүҙе күреп, ҡоҙоҡ янына килде лә, ташты шыуҙырып, һарыҡтарҙы һуғарҙы. Шунан ул, Рәхиләне үбеп, ҡысҡырып илап ебәрҙе. Уға: – Мин һинең атайыңдың туғанымын, Рабиғаның улы булам, – тине. Рәхилә был хәбәрҙе атаһына әйтергә йүгерҙе. Лаван, һеңлеһенең улы килгәнен ишетеп, йүгереп ҡаршы сыҡты, уны ҡосаҡлап үпте, өйөнә алып инде. Яҡуп бөтә булғандарҙы һөйләп биргәс, Лаван: – Ысынлап та һин минең һөйәгем, минең итемдәнһең икән, – тине. Яҡуптың Лаванда йәшәй башлауына ай тулғас, Лаван уға: – Туғаным булғас та, һин миңә бушҡа эшләмәҫһең бит инде? – тине. – Нимә менән түләргә икәнлеген әйт. Лавандың ике ҡыҙы бар ине, өлкәне – Лиә, ә кесеһе Рәхилә исемле. Лиәнең күҙе зәғиферәк, ә Рәхилә төҫкә-башҡа ла, буй-һынға ла матур ине. Яҡуп Рәхиләгә ғашиҡ булды һәм Лаванға: – Мин кесе ҡыҙың Рәхилә өсөн һиңә ете йыл эшләрмен, – тине. – Ярай, – тине Лаван, – сит кешегә биргәнсе, һиңә сыҡһын; йәшә миндә. Яҡуп Рәхилә өсөн ете йыл эшләне, әммә был ете йыл уға ете көн һымаҡ та булманы – ул ҡыҙҙы шулай ныҡ ярата ине. Бына бер саҡ ул Лаванға: – Ҡыҙыңды бир инде. Ваҡыт етте, ул минеке булырға тейеш, – тине. Лаван, күрше-күләнен йыйып, туй үткәрҙе. Кис булғас, ул Яҡупҡа Лиәне алып килде: Яҡуп уның менән йоҡланы. Лаван ҡол ҡыҙ Зилпаны ҡыҙы Лиәгә хеҙмәтсе итеп бирҙе. Иртән торһалар – Яҡуп эргәһендә Лиә! – Нишләттең мине? – тине Яҡуп Лаванға. – Мин һиңә Рәхилә өсөн эшләмәнемме ни? Ниңә алданың һин мине? Лаван былай тине: – Беҙҙең яҡтарҙа ҡыҙҙың кесеһен олоһонан алда кейәүгә бирмәйҙәр. Олоһоноң туй аҙнаһы бөткәс, беҙ һиңә кесеһен дә бирербеҙ, ә бының өсөн һин миңә тағы ете йыл хеҙмәт итерһең. Яҡуп шулай эшләне. Бер аҙна үткәс, Лаван уға ҡыҙы Рәхиләне лә бирҙе, ә Рәхиләгә хеҙмәтсе итеп ҡол ҡыҙ Билһаны бирҙе. Яҡуп Рәхилә менән йоҡланы, уны ул Лиәгә ҡарағанда нығыраҡ ярата ине. Рәхилә өсөн ул Лаванда тағы ете йыл эшләне. Раббы күрҙе: ире Лиәне бөтөнләй яратмай, шуға уны түлле итте, ә Рәхилә бала тапманы. Лиә ауырға ҡалды ла ир бала тапты, уға Рәүвән тип исем бирҙе. – Раббы минең ҡайғымды күрҙе, – тине ул. – Хәҙер инде ирем мине яратыр. Лиә тағы ауырға ҡалып, йәнә ир бала тапты. – Раббы минең һөйөлмәй йәшәүемде ишетте, – тине Лиә, – миңә тағы бер ул бирҙе. Малайға Шимғон тип исем ҡушты. Һуңыраҡ тағы ауырға ҡалды, йәнә улы тыуҙы. – Хәҙер инде ирем миңә йәбешеп ятыр, – тине ул, – мин бит уға өс ул табып бирҙем. Улын Леви тип атаны. Лиә йәнә ауырға ҡалды – тағы ул тапты. – Инде Раббыға рәхмәттәр уҡыйым! – тине ул һәм улына Йәһүҙә тип исем ҡушты. Шунан ул бала табыуҙан туҡтаны. Яҡупҡа бала таба алмағаны өсөн Рәхилә апаһына ҡарата көнсөллөк менән янды. – Бала бир миңә, – тине ул Яҡупҡа, – юғиһә мин үләм! Әммә Яҡуп асыуланып: – Мин ни эшләйем? Түлһеҙ иткән Алламы ни мин һиңә? – тип яуап бирҙе. – Бына һиңә минең хеҙмәтсем Билһа, – тине Рәхилә. – Йоҡла шуның менән. Ул тапҡан баланы теҙемә ҡабул итәйем дә, исмаһам, ул сабый минеке булыр! Рәхилә Яҡупҡа ҡол ҡыҙ Билһаны йәриә итеп бирҙе. Яҡуп уның менән йоҡланы, Билһа ауырға ҡалды ла Яҡупҡа ир бала табып бирҙе. – Миңә Алла ғәҙел хөкөмөн ҡылды. Ул, ялбарыуҙарымды ҡабул итеп, миңә ул бирҙе, – тине Рәхилә. Ул малайға Дан тип исем ҡушты. Ә Рәхиләнең хеҙмәтсеһе Билһа, яңынан ауырға ҡалып, Яҡупҡа тағы бер малай табып бирҙе. – Апайым менән йәнтәслим ярыштым мин, – тине Рәхилә, – бына мин еңдем. Ул малайға Нафтали тип исем ҡушты. Ул арала Лиә, үҙенең бала тапмаҫын белеп, хеҙмәтсеһе Зилпаны Яҡупҡа йәриә итеп бирҙе. Зилпа ла Яҡупҡа ир бала тапты. – Мин даланлымын! – тине Лиә. Малайға Ғад тип исем бирҙе. Лиәнең хеҙмәтсеһе Зилпа Яҡупҡа тағы бер малай тапты. – Бәхет бит был, – тине Лиә. – Хәҙер ҡатындар минең турала, бигерәк бәхетле, тиерҙәр инде. Малайҙы ул Ашер тип атаны. Бер саҡ, бойҙай урағы ваҡытында, Рәүвән баҫыуҙа һөйҙөргөс үҫемлеге табып алды ла әсәһе Лиәгә килтереп бирҙе. Рәхилә Лиәгә: – Улың тапҡан һөйҙөргөстө миңә бир әле, – тине. – Иремде һалдырып алыуың етмәгән, хәҙер инде минең улым тапҡан һөйҙөргөстө лә алырға итәһеңме? – тине Лиә. – Улыңдың һөйҙөргөсө өсөн бер төнгә һиңә Яҡупты бирәм, – тине Рәхилә, – ул бөгөн төндә һинең менән йоҡлаһын. Кис, Яҡуп баҫыуҙан ҡайтҡас, Лиә уның ҡаршыһына сыҡты ла: – Минең яныма ин. Мин һине, улым тапҡан һөйҙөргөстө биреп, һатып алдым. Ул төндә Яҡуп Лиә менән йоҡланы. Алла Лиәнең ялбарыуын ишетте, ул тағы ауырға ҡалды һәм Яҡупҡа бишенсе улын табып бирҙе. – Иремде хеҙмәтсе ҡатын менән уртаҡлашҡаным өсөн Алланың бүләкләүелер был, – тине Лиә. Улын Исасхар тип атаны. Лиә, тағы ауырға ҡалып, Яҡупҡа алтынсыға ул табып бирҙе. Шунан Лиә былай тине: – Алла йомарт бүләкләне мине, хәҙер ирем мине хөрмәтләр инде, мин уға алты ул табып бирҙем бит. Улына Зевулун тип исем ҡушты. Һуңынан Лиә ҡыҙ ҙа табып алды, исеме Динә булды. Алла Рәхиләне лә иҫендә тотто, уның теләктәрен ҡабул ҡылды – түл бирҙе. Рәхилә, ауырға ҡалып, ир бала тапты ла: – Алла мине хурлыҡтан – бала тапмай тип кәмһетеүҙән ҡотҡарҙы, – тине. Улына Йософ тип исем ҡушты. – Раббы миңә иш итеп тағы бер ул бирһен ине, – тип теләне ул. Рәхилә Йософто тапҡандан һуң, Яҡуп Лаванға былай тине: – Миңә үҙ йортома, тыуған яғыма ҡайтырға рөхсәт ит. Балаларым менән ҡатындарымды ла ебәр, мин һиңә шулар өсөн эшләнем бит. Һиңә нисек хеҙмәт иткәнемде һин үҙең дә яҡшы беләһең инде! – Әгәр ҙә минән риза булһаң, бында ҡал! – тине уға Лаван. – Мин күрәҙәлек аша шуны аңланым: һинең арҡала Раббы мине лә фатихаланы. Әжеренә нимә һораһаң да бирермен. – Минең нисек эшләгәнемде үҙең дә белеп тораһың, – тип яуап бирҙе Яҡуп. – Көтөүҙәрең ниндәй һинең хәҙер! Мин килгәндә мал-тыуарың аҙ ғына ине, ә хәҙер күпме! Мин килгәс, Раббы һине фатихаланы! Ә үҙемдең ғаиләм өсөн миңә ҡасан эшләргә һуң? – Әйт һуң, һиңә нимә бирәйем? – тип һораны Лаван. – Миңә бер ни ҙә кәрәкмәй, – тине Яҡуп. – Бер шартымды үтәһәң, малдарыңды артабан да көтөргә ризамын. Әйҙә, бөгөн бөтә көтөүҙәрҙе лә йөрөп сығайыҡ та һин унан барлыҡ ала, аҡ төрткөлө һәм ҡара һарыҡтарҙы, шулай уҡ аҡ төрткөлө һәм ала кәзәләрҙе айырып ал. Киләсәктә ошондай малдар минеке булыр. Һиңә лә минең намыҫлымы-түгелме икәнемде тикшереү еңел булыр: ошо көндән башлап, әгәр ҙә һин түләү хаҡына ниндәй малдар алғанымды ҡарарға килһәң һәм миндә аҡ төрткөлө, ала булмаған кәзә йәки ҡара түгел һарыҡ тапһаң, улар һинән урлап алынған тип уйла. – Яҡшы, – тине Лаван. – Әйҙә, һин әйткәнсә булһын. Шул уҡ көндә Лаван бөтә буйлы, аҡ төрткөлө, ала кәзә тәкәләрен, шулай уҡ бөтә аҡ төрткөлө, ала кәзәләрҙе, барлыҡ ҡара һарыҡ бәрәстәрен айырып алды ла улдарына бирҙе. Лаван улдары менән, көтөүҙәрен алып, Яҡуптан өс көнлөк юл алыҫлығына ситкә китте. Яҡуп иһә ҡайныһының ҡалған ваҡ малын көттө. Ул тирәк, баҙам, чинар ағастарының ботаҡтарын һындырып алды ла буй-буй итеп уларҙың ҡайрыларын һыҙырҙы. Ҡабығы һыҙырылған ботаҡтарҙы ул ялғаштарға һалды – һыу эсергә килгәндә малдар ошо ботаҡтарға ҡараһын өсөн эшләне быны. Сөнки кәзә-һарыҡ тап ошо ваҡытта ҡаса. Малдар ҡасҡан саҡта ошо аҡлы-ҡаралы ботаҡтарға ҡарайҙар ҙа уларҙың бәрәстәре буйлы, ала һәм аҡ төрткөлө булып тыуа ине. Ә Яҡуп һарыҡтарҙы айыра ла Лаван көтөүендәге буйлы һәм ҡара малдарға ҡаратып ҡуйыр булды. Хәҙер Яҡуптың үҙ көтөүҙәре барлыҡҡа килде, уларҙы Лавандың көтөүҙәренән айырым тотто. Һау-сәләмәт малдар ҡасҡан саҡта Яҡуп буйлы ботаҡтарҙы һыу ялғаштарына һалып, уларҙың күҙ алдына ҡуя ине. Ә инде хәлһеҙ малдар ҡасҡанда ботаҡтарҙы һалманы. Шул рәүешле насар мал Лаванға, ә яҡшы мал Яҡупҡа булды. Яҡуп ифрат ныҡ байып китте, кәзә-һарыҡ көтөүҙәре, ҡолдары һәм ҡолиәләре, дөйә-ишәктәре күбәйҙе. Яҡуп Лаван улдарының үҙе хаҡында: – Яҡуп атайыбыҙҙың бөтә булған нәмәһен алып бөттө, бар байлығын атайыбыҙ мөлкәтенән йыйҙы! – тип һөйләгәнен ишетеп ҡалды. Яҡуп үҙе лә Лавандың уға элеккесә ҡарамауын һиҙә ине. Раббы Яҡупҡа: – Ата-бабаларың йәшәгән ергә, туғандарың янына ҡайт, – тине. – Мин һине ташламам. Яҡуп, көтөүебеҙ йөрөгән яланға килһендәр тип, Рәхилә менән Лиә артынан кеше ебәрҙе һәм уларға былай тине: – Күреп торам: атайығыҙҙың миңә мөнәсәбәте элекке кеүек түгел. Әммә атайымдың Аллаһы минең менән. Үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ: атайығыҙға арымай-талмай хеҙмәт иттем, ә ул мине алдап, билдәләгән хаҡты гел үҙгәртеп торҙо. Тик Алла уға миңә ҡарата яуызлыҡ эшләргә юл ҡуйманы. Әгәр атайығыҙ миңә: «Һиңә ала малдар менән түләйем», – тиһә, бөтә мал ала булып тыуҙы. «Һиңә буйлы мал менән түләйем», – тиһә, барлыҡ бәрәстәр буйлы булып тыуҙы. Шулай итеп Алла атайығыҙҙың малдарын алды, миңә бирҙе. Бер ваҡыт мал ҡасҡан ваҡытта кәзәләрҙе ҡасырған тәкәләр гел буйлы, ала йәки сыбар, имеш, тип төш күргәйнем. Алланың фәрештәһе миңә төшөмдә: «Яҡуп», – тип өндәште. «Эйе», – тинем мин. Ул миңә былай тине: «Ҡара, кәзәләрҙе ҡасырған бөтә тәкәләр – йә буйлы, йә ала, йә сыбар. Лавандың һиңә ни ҡылғанын Мин күреп торам. Мин – Бейт-Илдәге Алла бит, таш бағанаға зәйтүн майы ҡойоп, һин унда Миңә нәҙер әйткәйнең. Хәҙер инде тор ҙа был ерҙән кит, тыуған тупрағыңа ҡайт». Рәхилә менән Лиә Яҡупҡа былай тип яуап ҡайтарҙы: – Атайыбыҙҙың мөлкәтендә беҙҙең өлөшөбөҙ йәки мираҫыбыҙ ҡалдымы ни әле? Беҙҙе ул сит кешеләргә һанай; сөнки беҙҙе һатты, ә беҙҙең өсөн алған көмөштө ашап бөттө. Шулай булғас, Алла атайыбыҙҙан тартып алған бөтә байлыҡ беҙҙеке һәм балаларыбыҙҙыҡы. Әйҙә, Алла һиңә ни бойорһа, шуны эшлә. Яҡуп бала-сағалары менән ҡатындарын дөйәләргә мендерҙе, йыйған бөтә байлығын, Паддан-Арамда үрсеткән малдарын алды ла Ҡәнғәнгә, үҙ атаһы Исхаҡ янына ҡайтыу яғына ыңғайланы. Лавандың һарыҡ йөнө ҡырҡырға киткән сағы ине. Рәхилә, атаһының юҡлығы менән файҙаланып, йортондағы илаһ һындарын үҙе менән алды. Шулай итеп Яҡуп уға бер ни ҙә әйтмәйенсә ҡайтып китеүе менән арами Лаванды алданы. Ул бөтә мал-мөлкәтен алып, Евфрат йылғаһын аша сыҡты ла Ғилғәд тауҙарына табан йүнәлде. Өсөнсө көндө Лаванға Яҡуптың ҡасып киткәнен әйттеләр. Лаван туған-тыумасаһын йыйҙы ла Яҡуп артынан баҫтыра төштө. Ете көндән һуң ул уны Ғилғәд тауҙарында ҡыуып етте. Шул төндә Алла арами Лавандың төшөнә кереп, уға былай тине: – Ҡара уны, Яҡупҡа яҡшынан да, ямандан да бер һүҙ ҙә әйтәһе булма! Лаван Яҡуптың янында ғына ине инде. Яҡуп, Ғилғәд тауында туҡталып, сатырҙарын ҡороп ебәргәйне. Лаван да туғандары менән бергә шунда сатырҙарын ҡорҙо. Лаван Яҡупҡа былай тине: – Ни эшләнең һин? Ниңә һин мине алдап, ҡыҙҙарымды ҡорал аҫтындағы әсирҙәй итеп алып киттең! Нишләп миңә бер ни ҙә әйтмәйенсә ҡасып сығып киттең? Мин бит һине йырлап-бейеп, дөңгөр ҡағып, арфа ҡылдары сиртеп оҙатыр инем. Ә һин миңә хатта ҡыҙҙарым, ейәндәрем менән хушлашып, уларҙы үбеп ҡалырға ла форсат бирмәнең! Алйотлоҡ ҡылдың һин! Бының ҡонон ҡайтарырға ла ҡулымдан килә минең, әммә бөгөн төндә атайың Аллаһы: «Ҡара уны, Яҡупҡа яҡшынан да, ямандан да бер һүҙ ҙә әйтәһе булма!» – тине. – Ярай, – тип дауам итте Лаван, – һин минең яндан тыуған ереңде тәҡәтһеҙ һағынған өсөн дә киткәнһең, ти. Ә ниңә минең илаһтарымды урланың? Яҡуп Лаванға былай тип яуап ҡайтарҙы: – Мин ҡыҙҙарыңды тартып алырһың, тип ҡурҡтым. Әммә илаһтарың берәйһендә табылһа, ул бәндә тере ҡалмаясаҡ. Туған-ырыуыбыҙҙың күҙ алдында бөтә нәмәмде лә тикшер ҙә үҙеңдеке булған әйберҙе ал. Яҡуп илаһ һындарын Рәхилә урлағанын белмәй ине. Лаван Яҡуптың да, Лиәнең дә, ике хеҙмәтсе ҡатындың да сатырҙарын ҡарап сыҡты, әммә бер нәмә лә тапманы. Лиәнең сатырынан сыҡҡас, ул Рәхиләнең сатырына инде. Ул арала Рәхилә илаһ һындарын дөйә эйәре аҫтына алып тыҡты ла үҙе өҫтөнә менеп ултырҙы. Атаһы сатырҙа ни тиклем аҡтарынһа ла, илаһтарҙы тапманы. Рәхилә уға: – Асыуланма, атай, мин ҡатын-ҡыҙ ауырыуы менән ауырығанлыҡтан, тора алмайым, – тине. Лаван бөтә ерҙә эҙләһә лә, бер ни ҙә тапманы. Яҡуп, бик ныҡ асыуланып, Лаванды ғәйепләй башланы. – Шул саҡлы артымдан ҡыуырлыҡ ни ғәйебем, ни гонаһым бар минең? Бөтә әйберемде аҡтарып ҡарап сыҡтың – нимәңде таптың? Күрһәт, әйҙә, үҙеңдең дә, минең дә туғандарым алдында – хөкөм итһендәр беҙҙе. Һиңә егерме йыл эшләнем, мин барҙа бер кәзәң дә, бер һарығың да бәрәс һалманы. Хатта көтөүеңдәге бер һарыҡ тәкәһен дә һуйып ашаманым. Малыңды йыртҡыс тамаҡлаған саҡтарҙа ла уны һиңә килтереп торманым, зыянды үҙем ҡапланым. Көндөҙ юғаламы малың, төндәме – һин минән талап иттең. Көндөҙ эҫенән, төндә һыуыҡтан йонсоном, күҙ ҙә йомманым. Һиндәге егерме йылым шулай үтте минең. Ун дүрт йыл ҡыҙҙарың өсөн, алты йыл мал алыу өсөн эшләнем, ә һин билдәләгән түләү хаҡын гел үҙгәртеп торҙоң. Әгәр ҙә мәгәр атамдың Аллаһы – Ибраһим Аллаһы һәм Исхаҡ ҡурҡып-тетрәнеп торған Алла минең менән булмаһа, һин мине буш ҡул ебәрә инең. Ләкин Алла минең хәлемде, түккән хеҙмәтемде күрҙе: бөгөн төндә Ул мине Үҙе яҡлаған. Лаван Яҡупҡа былай тип яуап бирҙе: – Был ҡатындар – минең ҡыҙҙарым, балалар – минең ейәндәрем, мал – минең малым. Бында һинең күҙ алдыңдағы бөтә нәмә – минеке. Ҡыҙҙарымды, ейәндәремде ҡыйырһыта буламмы ни? Әйҙә, үҙ-ара килешеү төҙөйөк, ул беҙҙең арала шаһит булһын. Яҡуп бер ҙур ташты алды ла уны бағана итеп баҫтырып ҡуйҙы. Шунан туғандарына: – Таш йыйығыҙ, – тине. Улар таштан бер өйөм яһаны. Һуңынан шуның янында ашап-эстеләр. Лаван был өйөмдө Егар-Саһадуҫа, ә Яҡуп Галғед тип атаны. Шунан Лаван: – Был таш өйөмө килешеүебеҙҙең шаһиты булыр, – тине. Шуға күрә был урынды Галғед тип атайҙар. Уны тағы Миспа тип тә йөрөтәләр, сөнки Лаван былай тип тә өҫтәне: – Бер-беребеҙҙән айырылышҡас, икебеҙҙе лә Раббы күҙәтеп торһон. Әгәр ҙә мәгәр ҡыҙҙарымды ҡыйырһытһаң йәки улар өҫтөнән ҡатын алһаң, хәтереңдә тот: кеше түгел, ә Алла шаһит беҙгә. – Ҡара уны, – тине Лаван тағы Яҡупҡа, – был таш өйөмө һәм арабыҙға мин ҡуйған был таш бағана – беҙҙең шаһиттарыбыҙ. Был өйөм янынан һинең яғыңа яман уй менән мин дә сығыр булмам, өйөм менән таш бағанының биръяғына һин дә яман уй менән сығаһы булма. Ибраһимдың, Нахорҙың һәм уларҙың ата-бабаларының Аллаһы арабыҙҙа хөкөм ҡылһын. Яҡуп атаһы Исхаҡ тетрәнеп торған Алла менән ант итте. Шунан Яҡуп тауҙа ҡорбан килтереп, туғандарын мәжлескә саҡырҙы. Ашап-эскәндән һуң, улар шул тауҙа йоҡларға ҡалды. Иртәгәһен Лаван, ейәндәре менән ҡыҙҙарын үбеп, фатихаһын бирҙе лә өйөнә ҡайтып китте. Яҡуп үҙ юлы менән китте һәм уны Алланың фәрештәләре ҡаршы алды. Яҡуп, уларҙы күргәс: – Алла тупламылыр был, – тине лә был урынды Маханаим тип атаны. Яҡуп Эдом илендәге Сеғир еренә ағаһы Ғаязға сапҡын ебәреп, уға шуны еткерергә ҡушты: – Хакимым Ғаязға шул мәғлүм булһын: «Ҡолоң Яҡуп оҙаҡ ҡына ситтә, Лаванда йәшәне. Хәҙер минең эре һәм ваҡ малым, ишәктәрем, ҡолдарым һәм ҡолиәләрем бар. Мин һиңә, хакимыма, ошо хәбәрҙе ебәреп, ыңғай ҡарашыңа өмөт итәм». Әйләнеп килгән сапҡындар Яҡупҡа: – Ағайың Ғаяз янында булдыҡ, – тинеләр. – Ул дүрт йөҙ кеше менән һиңә ҡаршы килә. Яҡуптың ҡото осто, ҡаушап төштө. Үҙе менән булған кешеләрен, мал-тыуарын, дөйәләрен ике тупламға бүлде. «Әгәр Ғаяз бер тупламға һөжүм итһә, – тип уйланы Яҡуп, – икенсеһе ҡасып ҡотола алыр». Шунан былай тип ялбарҙы: – Олатайым Ибраһимдың Аллаһы, атайым Исхаҡтың Аллаһы! Раббым, Һин миңә йортома, туғандарым янына ҡайтырға бойорҙоң, игелек ҡылырмын, тинең! Мин ҡолоңа күрһәткән мөхәббәт һәм тоғролоғоңа лайыҡ түгелмен. Иордан аръяғына ҡулымдағы бер таяғым менән генә сығып киткәйнем, хәҙер минең байлығым ике туплам. Ағайым Ғаяздан һаҡлай күр мине. Мин ҡурҡам: килер ҙә мине лә, балаларым менән әсәләрен дә үлтерер! Эй Раббым, Мин һиңә игелек ҡылырмын, тоҡомоңдо диңгеҙҙәге ҡом күпме булһа, шул саҡлы ишәйтермен, тип вәғәҙә иткәйнең бит! Яҡуп ул төндө шунда үткәрҙе лә иртәгәһен Ғаязға бүләккә көтөүҙәренән мал – ике йөҙ кәзә, егерме кәзә тәкәһе, ике йөҙ һарыҡ, егерме һарыҡ тәкәһе, буталары менән утыҙ баш һауын дөйә, ҡырҡ һыйыр, ун үгеҙ, егерме инә ишәк, ун ата ишәк һайлап алды. Уларҙы хеҙмәтселәренә тапшырҙы, һәр көтөүгә айырым ҡыуғынсы ҡуйҙы ла: – Минән алда китегеҙ, бер көтөү менән икенсе көтөү араһында ара ҡалдырып, һәр берегеҙ айырым-айырым барығыҙ, – тине. – Ағайым Ғаязды осратҡас, – тине ул ҡыуғынсыларҙың тәүгеһенә, – ул һинән: «Хужаң кем? Ҡайҙа бараһың? Кемдең малын ҡыуаһың?» – тип һорар. Әйт: «Был ҡолоң Яҡуптың малы, ул уны бүләк итеп хакимы Ғаязға ебәрҙе. Ә Яҡуп үҙе арттан килә». Икенсе ҡыуғынсыға ла, өсөнсөһөнә лә, ҡалғандарына ла Ғаяз менән осрашҡанда бер үк һүҙҙе әйтергә – мотлаҡ рәүештә: «Ҡолоң Яҡуп арттан килә», – тип өҫтәргә ҡушты. Шул рәүешле алдан бүләктәр ебәреп, Яҡуп Ғаяздың күңелен йомшартырға булды. Ә һуңынан уның күҙенә үҙем күренермен, бәлки, шунан ул мине яҡшы ҡабул итер, тип уйланы. Бүләктәрен алдан ебәреп, Яҡуп тупламда ҡунырға ҡалды. Яҡуп төндә тороп ике ҡатынын, ике йәриәһен, ун бер улын алды ла Яббоҡ йылғаһын кисеп сыҡты. Уларҙың барыһын да ҡаршы ярға сығарҙы, булған бөтә нәмәһен күсерҙе лә бер үҙе ҡалды. Бына бер ваҡыт Кемдер Берәү уның менән алыша башланы – таң атҡансы көрәште ул. Яҡупты еңә алмаҫын күреп, Ул уның янбашына быуынын сығарғансы һуҡты ла былай тине: – Ебәр мине. Таң атты инде. – Миңә фатихаңды бирмәйенсә, ебәрмәйем, – тине Яҡуп. – Исемең кем? – тип һораны Теге. – Яҡуп, – тине. Шунда Теге әйтте: – Ошо көндән башлап һинең исемең Яҡуп түгел, ә Исраил булыр, һин Алла менән дә, әҙәм балалары менән дә көрәштең һәм еңдең. – Үҙеңдең исемеңде әйтһәңсе! – тип үтенде Яҡуп. Әммә Теге яуап бирҙе: – Ни өсөн һин Минең исемемде һорайһың? Ошонда Ул Яҡупҡа фатиха бирҙе. Был хәл булған урынды Яҡуп Пениил тип атаны, сөнки: «Ошонда мин күҙмә-күҙ Алланы күреп, тере ҡалдым», – тине. Ҡояш сыҡҡан саҡта Яҡуп Пениилдан китте. Уның бер аяғы аҡһай ине. Шуға күрә Исраилдың нәҫел-нәсәбе ошо көнгә тиклем хайуан ботондағы һеңерле итте ашамай – Яҡуп менән Алышҡан Зат уның янбашындағы тап ошо еренә һуҡҡан бит. Яҡуп ҡарағайны, күреп ҡалды: ҡаршыһына ағаһы Ғаяз һәм уның менән тағы дүрт йөҙләп кеше килә. Яҡуп Лиәнең, Рәхиләнең, тағы ике йәриәһенең балаларына әсәләре менән бергә торорға ҡушты. Уларҙы шулай теҙеп ҡуйҙы: алда – балалары менән йәриәләре, улар артында – балалары менән Лиә, уларҙан һуң – Рәхилә менән Йософ. Яҡуп үҙе алдан китте һәм, ағаһы янына барып еткәнсе, уның алдында ете тапҡыр ергә ҡапланды. Ғаяз иһә йүгереп уның ҡаршыһына килде лә ҡосаҡлап алды, күкрәгенә ҡыҫып үбә башланы. Икеһе лә илап ебәрҙеләр. Ҡатындар менән балаларға ҡарап, Ғаяз: – Кемдәрең был һинең? – тип һораны. – Былар миңә, һинең ҡолоңа, Алла мәрхәмәте менән бирелгән балалар, – тип яуап ҡайтарҙы Яҡуп. Йәриәләре балалары менән килеп, Ғаязға баш эйҙе. Унан һуң балалары менән Лиә, уның артынан Рәхилә менән Йософ килеп баш эйҙе. – Ә миңә юлда осраған ниндәй көтөү-көтөү мал ине ул? – тип һораны Ғаяз. – Был һинең мәрхәмәтеңә лайыҡ булыу өсөн, – тине Яҡуп. – Минең бөтә нәмәм дә етә, ҡустым. Үҙ байлығың үҙеңә ҡалһын, – тине Ғаяз. – Юҡ, – тип яуап бирҙе Яҡуп, – әгәр ҙә күңелеңә хуш килһәм, бүләктәремде ҡабул итеп ал, зинһар! Һине күреү минең өсөн Алланың Үҙен күреү менән бер булды – һин бит мине ихлас ҡаршы алдың. Бүләгемде ҡабул ит. Алла һәммәһен дә йомарт бирҙе миңә, бөтә нәмәм дә бар. Яҡуп бик ҡыҫтағанға күрә, Ғаяз бүләктәрҙе алырға риза булды. – Әйҙә, юлыбыҙҙы дауам итәйек, – тине Ғаяз Яҡупҡа. – Мин һинең менән бергә барам. Әммә Яҡуп: – Үҙең беләһең, хакимым, бала-саға тиҙ арый, имеҙгән кәзә-һарыҡты, һауын һыйырҙарҙы ашыҡтырып ҡыуһаң, бер көн эсендә хәлдән тайырҙар. Әйҙә, хакимым, һин алдан кит, ә мин ҡолоң арттан – бала-саға, мал-тыуар менән әкрен генә барырмын. Сеғирға, һинең яныңа, хакимым, шулай барып етермен әле. – Кешеләремдең бер нисәһен һинең менән ҡалдырайым, – тип тәҡдим итте Ғаяз. – Кәрәкмәҫ ул, – тип яуапланы Яҡуп. – Һинең мине яҡшы ҡабул итеүең үҙе еткән. Шул уҡ көндә Ғаяз Сеғирға ҡайтып китте, ә Яҡуп Суккоҫҡа табан йүнәлде. Шунда ул үҙенә йорт, ә малдарына кәртәләр эшләне. Шуға күрә был урынды Суккоҫ тип атаны. Паддан-Арамдан ҡайтҡас, Яҡуп Ҡәнғәндең Шәхәм ҡалаһына иҫән-һау килеп етте һәм унан алыҫ түгел ерҙә туҡталды. Ул сатырын ҡорған ер биләмәһен Шәхәмдең атаһы Хаморҙың улдарынан йөҙ ҡыситаға һатып алды. Ошо урында ул ҡорбан усағы эшләп, уны Эл-Элоһе-Исраил тип атаны. Яҡуптың Лиәнән тыуған ҡыҙы Динә бер көндө бындағы ҡыҙҙарҙы күрергә тип ҡалаға сыҡты. Был ерҙең хакимы хиууи Хаморҙың улы Шәхәм ҡыҙҙы күрҙе лә тотоп алып көсләне. Ул Яҡуптың ҡыҙы Динәгә ғашиҡ булды, һөйөүе хаҡында матур һүҙҙәр әйтте, ә атаһы Хаморға: – Шул ҡыҙҙы миңә кәләш итеп алып бир, – тип ялынды. Яҡуп ҡыҙы Динәнең мәсхәрә ителеүен ишетте, әммә, улдары яланда мал янында булғанлыҡтан, улар ҡайтҡансы бер нәмә лә өндәшмәне. Шәхәмдең атаһы Хамор Яҡуп менән һөйләшергә килде. Яҡуп улдары ла, хәлде ишетеп, утлауҙан ҡайтып инде. Улар асыуҙарынан ярһығайны, сөнки Шәхәмдең Яҡуптың ҡыҙын көсләүе – Исраилды хурлыҡҡа ҡалдырыу менән бер һәм быға юл ҡуйырға ярамай ине. Хамор уларға былай тине: – Улым Шәхәм ҡыҙығыҙға ғашиҡ булған. Зинһар, уны уға ҡатын итеп бирегеҙ! Беҙҙең менән туғанлашырһығыҙ, һеҙ ҡыҙҙарығыҙҙы беҙҙең егеттәргә кейәүгә бирегеҙ, ә беҙҙең ҡыҙҙарҙы үҙегеҙгә кәләш итеп алығыҙ. Бергәләшеп татыу йәшәйек. Илебеҙ күҙ алдығыҙҙа – ошонда ҡайҙа теләһәгеҙ шунда төйәкләнегеҙ, ер биләй алаһығыҙ. Ә Шәхәм үҙе Динәнең атаһы менән ағаларына былай тине: – Әгәр күңелегеҙгә хуш килһәм, мин һеҙгә нимә һораһағыҙ ҙа бирергә әҙермен! Иң ҙур ҡалым, иң бай бүләктәр һорағыҙ – бер ни йәл түгел, тик ҡыҙығыҙҙы миңә кәләш итеп бирегеҙ. Яҡуптың улдары, һеңлеләре Динәне мәсхәрә иткән Шәхәмгә һәм уның атаһы Хаморға хәйлә менән яуап бирҙе. – Беҙ улай итә алмайбыҙ, – тине улар. – Һеңлебеҙҙе сөннәтһеҙ кешегә биреү беҙҙең өсөн хурлыҡ. Беҙ тик бер шарт менән генә риза була алабыҙ: әгәр һеҙ беҙҙең кеүек булһағыҙ – ирҙәрегеҙҙең барыһын да сөннәткә ултыртһағыҙ ғына. Шул ваҡытта беҙ һеҙгә ҡыҙҙарыбыҙҙы бирербеҙ, ҡыҙҙарығыҙҙы кәләш итеп алырбыҙ, һеҙҙең менән бергә йәшәп, бер халыҡ булып китербеҙ. Әгәр инде беҙҙе тыңламаһағыҙ, сөннәткә ултырмаһағыҙ, һеңлебеҙҙе алабыҙ ҙа бынан китәбеҙ. Хамор менән Шәхәм был шартҡа күнде. Йәш егет был эште һуҙып торманы, сөнки Яҡуптың ҡыҙын шул тиклем ярата ине. Ә ул атаһының нәҫел-ырыуы араһында иң хөрмәтле кеше ине. Хамор менән Шәхәм, ҡала ҡапҡаһына сығып, ҡалала йәшәүселәргә: – Был кешеләр беҙҙе дуҫ күрәләр. Әйҙә, улар беҙҙең ерҙә урынлашып, иркен күсеп йөрөһөндәр. Ер күп бит. Беҙ уларҙың ҡыҙҙарына өйләнербеҙ, уларға үҙебеҙҙең ҡыҙҙарыбыҙҙы бирербеҙ. Тик уларҙың беҙҙең менән бер халыҡ булып йәшәү өсөн шарттары бар: беҙҙә бөтә ирҙәр ҙә, уларҙағы кеүек, сөннәтләнергә тейеш. Әгәр шул шартты ҡабул итһәк, уларҙың көтөүҙәре, мөлкәте, мал-тыуары беҙҙеке буласаҡ, улар беҙҙең менән йәшәйәсәк! Ҡала ҡапҡаһы янына йыйылған кешеләр Хамор менән уның улы Шәхәмдең әйткәненә риза булды, бөтә ирҙәр ҙә сөннәткә ултырҙы. Ә өсөнсө көнөнә, улар һыҙланышып ятҡанда, Яҡуптың улдары, Динәнең ағалары Шимғон менән Леви бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ ҡалаға инде лә бөтә ирҙәрҙе ҡылыстан үткәрҙе. Хамор менән Шәхәмде лә һуйып, Шәхәмдең өйөнән Динәне алып сығып киттеләр. Шунан, һуйыш булған урынға кире килеп, Яҡуптың улдары һеңлеләре мәсхәрә ителгән ҡаланы таланы. Улар һарыҡ, һыйыр, ишәктәрҙе ҡыуып алып китте, ҡалала һәм баҫыуҙа нимә тапһа, шуны алды. Ҡала кешеләренең бөтә мөлкәтен, уларҙың бала-сағаларын, ҡатын-ҡыҙҙарын әсир иттеләр, йорттарҙағы бөтә булған нәмәне алып киттеләр. Яҡуп Шимғон менән Левигә: – Башыма бәлә килтерҙегеҙ һеҙ! Урындағы халыҡ – ҡәнғәниҙәр менән перизиҙәрҙе миңә дошман иттегеҙ, – тине. – Кешеләребеҙ аҙ, хәҙер улар күмәкләшеп килер ҙә мине үлтерер, бөтә ырыуыбыҙ һәләк булыр! Шимғон менән Леви: – Ә һеңлебеҙҙе, аҙғын ҡыҙ һымаҡ итеп, мыҫҡыл итергә ярай инеме ни? – тип яуапланылар. Алла Яҡупҡа былай тине: – Тор ҙа Бейт-Илгә йүнәл. Шунда төплән дә ағайың Ғаяздан ҡасып китеп барған саҡта һиңә Алла күренгән урында Уға ҡорбан усағы эшлә. Яҡуп ғаиләһенә һәм янындағы бөтә кешеләргә былай тине: – Үҙегеҙҙә булған бөтә сит илаһтарҙы ташлағыҙ, таҙарынығыҙ ҙа кейемдәрегеҙҙе алыштырығыҙ. Бейт-Илгә китәбеҙ. Мин унда Аллаға ҡорбан усағы эшләйем, Ул миңә бәләгә тарығанда гел ярҙам итте, ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, мине ташламаны. Улар бөтәһе лә сит илаһтарҙы, ҡолаҡтарындағы алҡаларҙы Яҡупҡа тотторҙо. Яҡуп быларҙың барыһын да Шәхәм янындағы ағас төбөнә күмеп ҡуйҙы. Улар юлға сыҡты. Алла һалған дәһшәттән ҡоттары осҡан тирә-яҡ ҡалаларҙағы кешеләр Яҡуптың улдарын эҙәрләп тә маташманы. Яҡуп һәммә кешеһе менән Ҡәнғән ерендәге Луз (йәғни Бейт-Ил) ҡалаһына килде, шул ерҙә ҡорбан усағы эшләне. Был урынды ул Ил-Бейт-Ил тип атаны, сөнки Яҡуп ағаһынан ҡасып барғанда Алла уға тап ошо урында күренгәйне. Рабиғаның һөт әсәһе Девора вафат булғас, уны Бейт-Илдән түбәндәрәк бер имән ағасы төбөнә ерләнеләр. Шуға күрә был ағасҡа Аллон-Бахут тигән исем бирелде. Яҡуп Паддан-Арамдан ҡайтҡандан һуң, Алла уға тағы күренде. Уға фатихаһын бирҙе лә былай тине: – Исемең Яҡуп ине, инде һин Яҡуп түгел. Ошонан башлап исемең Исраил булыр! Шулай итеп, Ул уға Исраил тигән исем бирҙе. Алла уға тағы шуны әйтте: – Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алла Мин, Үрсемле бул, ишле бул: Таралыр һинән халыҡ, Бер түгел, бик күп халыҡ! Һинән сығыр батшалар! Ер биргәйнем Ибраһим үә Исхаҡҡа, Бирәм уны һиңә һәм дә һинең нәҫел-нәсәпкә. Алла Яҡуп янынан киткәс, Яҡуп Алла үҙе менән һөйләшкән урынға таш бағана ҡуйҙы ла ошо таш өҫтөнә түкмә ҡорбан итеп шарап менән зәйтүн майы ҡойҙо. Яҡуп үҙе менән Алла һөйләшкән был урынды Бейт-Ил тип атаны. Улар Бейт-Илдән китеп, Әфраҫаға яҡынлашҡас, Рәхиләне тулғаҡ тота башланы. Ул балаһын таба алмай яфаланды. Тулғаҡ ғазабынан өҙгөләнгәнендә, кендек инәһе уға: – Ҡурҡма, – тине. – Ҡара, һинең тағы улың бар. Үлем өҫтөндәге Рәхилә һуңғы һулышында улына Бен-Они тип исем бирҙе. Әммә атаһы уны икенсе төрлө – Бинйәмин тип атаны. Рәхилә вафат булды. Уны Әфраҫаға, йәғни Бейт-Ләхәмгә барған юл буйында ерләнеләр. Яҡуп уның ҡәбере өҫтөнә таш бағана ҡуйҙы. Был таш Рәхиләнең ҡәбере өҫтөндә әлегәсә тора. Исраил юлын дауам итте һәм Мигдал-Ғедәр аръяғында сатыр ҡорҙо. Ошо туҡталыш ваҡытында Рәүвән атаһының йәриәһе Билһа менән йоҡланы. Атаһы был турала ишетеп белде. Яҡуптың ун ике улы бар ине. Лиәнең улдары: Яҡуптың баш балаһы Рәүвән, Шимғон, Леви, Йәһүҙә, Исасхар һәм Зевулун. Рәхиләнең улдары: Йософ менән Бинйәмин. Рәхиләнең хеҙмәтсеһе Билһаның улдары: Дан, Нафтали. Лиәнең хеҙмәтсеһе Зилпаның улдары: Ғад һәм Ашер. Былар Яҡуптың Паддан-Арамда тыуған улдары. Яҡуп, ҡасандыр Ибраһим менән Исхаҡ килмешәк булып күсеп йөрөгән ерҙәргә – Ҡыръяҫ-Арбаға, йәғни Хеврондағы Мамреға, атаһы Исхаҡ янына килде. Исхаҡ йөҙ ҙә һикһән йыл йәшәне. Ул ҡартайып, был тормошта күререн күреп вафат булды һәм ата-бабаларына ҡушылды. Уны улдары Ғаяз менән Яҡуп ерләне. Бына Ғаяздың, йәғни Эдомдың нәҫел шәжәрәһе. Ғаяз Ҡәнғән ҡыҙҙарынан ике ҡатын ала – хитти Элондың ҡыҙы Ғадаға, хиууи Сивғондың улы Ғананан тыуған Оһоливамаға, – шулай уҡ Исмәғилдең ҡыҙы, Невайоҫтың һеңлеһе Басмаҫҡа өйләнә. Ғаяздың ҡатындарының Ғада исемлеһенән Әлифаз, Басмаҫтан – Реғуил, Оһоливаманан Йеғуш, Яғлам һәм Ҡорах исемле улдары тыуа. Был Ғаяздың Ҡәнғәндә тыуған улдары. Ғаяз ҡатындарын, улдары һәм ҡыҙҙарын, янындағы бөтә кешеләрен, барлыҡ мал-тыуарын, Ҡәнғәндә тапҡан-таянған һәммә байлығын алды ла, ҡустыһы Яҡупты ҡалдырып, икенсе илгә күсте. Байлыҡтары артҡандан-арта барып, уларға бергә йәшәүе тығыҙ була башлағайны: урынлашҡан ерҙәре мал-тыуарҙарына етмәне. Ғаяз – Эдом – Сеғир тауҙары янында урынлашты. Бына ул Сеғир тауҙары янында йәшәгән Эдом халҡының тәүатаһы Ғаяздың нәҫел шәжәрәһе. Ғаяздың улдары: Әлифаз – Ғаяздың ҡатыны Ғаданан тыуған улы, Реғуил – Ғаяздың Басмаҫтан тыуған улы. Әлифаздың улдары: Теман, Омар, Сефо, Ғағтам һәм Ҡыназ. Тимнағ, Әлифаздың йәриәһе, уға Ғәмәлек исемле ул тапты. Был – Ғаяздың ҡатыны Ғаданан таралған нәҫел-нәсәбе. Реғуилдың улдары: Нахаҫ, Зерах, Шамма һәм Мизза. Был – Ғаяздың Басмаҫтан таралған нәҫел-нәсәбе. Сивғондың улы Ғананың ҡыҙы Оһоливаманан Ғаяздың Йеғуш, Яғлам һәм Ҡорах исемле улдары тыуҙы. Бына Ғаяздың нәҫел-нәсәбе тармаҡтары. Ғаяздың баш балаһы Әлифаздың нәҫел-нәсәбе: Теман тармағы, Омар тармағы, Сефо тармағы, Ҡыназ тармағы; Ҡорах тармағы, Ғағтам тармағы, Ғәмәлек тармағы. Был – Әлифаздан таралған тармаҡтар, Ғаданың нәҫел-нәсәбе, улар Эдом ерендә йәшәй. Ғаяздың улы Реғуилдың нәҫел-нәсәбе: Нахаҫ тармағы, Зерах тармағы, Шамма тармағы, Мизза тармағы. Былар – Реғуилдан таралған тармаҡтар, Ғаяздың Басмаҫтан тыуған балаларының нәҫел-нәсәбе, улар ҙа Эдом ерендә йәшәй. Ғаяздың Оһоливаманан тыуған балаларының нәҫел-нәсәбе: Йеғуш тармағы, Яғлам тармағы һәм Ҡорах тармағы. Былар – Ғаяздың ҡатыны, Ғананың ҡыҙы Оһоливаманан тыуған балаларҙан таралған тармаҡтар. Ғаяздың (уның икенсе исеме Эдом) нәҫел-нәсәбе һәм уларҙан таралған тармаҡтар бына ошо. Ошо илдә йәшәгән хори Сеғирҙең улдары: Лотан, Шовал, Сивғон, Ғана, Дишон, Эсәр һәм Дишан. Былар – Эдом илендә йәшәгән Сеғир нәҫел-нәсәбенең хориҙар тармағы. Лотандың улдары: Хори һәм Һемам. Лотандың һеңлеһе Тимнағ ине. Шовалдың улдары: Ғалуан, Манахаҫ, Ғевал, Шефо һәм Онам. Сивғондың улдары: Айяһ һәм Ғана. Атаһы Сивғондың ишәктәрен көтөп йөрөгәндә сүлдә ҡайнар һыулы инештәр тапҡан кеше ул Ғана. Ғананың балалары: Дишон һәм Ғананың ҡыҙы Оһоливама. Дишондың улдары: Хәмдан, Әшбан, Иҫран һәм Керан. Эсәрҙең улдары: Билһан, Зағауан һәм Ғаҡан. Дишандың улдары: Ғус менән Аран. Хориҙарҙың тармаҡтары түбәндәгесә: Лотан тармағы, Шовал тармағы, Сивғон тармағы, Ғанаһ тармағы, Дишон тармағы, Эсәр тармағы һәм Дишан тармағы. Былар – Сеғирҙа йәшәгән хори халҡы тармаҡтары. Былар – исраилдарҙа батшалар барлыҡҡа килгәнгә тиклем Эдомда хакимлыҡ иткән батшалар: Беғор улы Белағ. Уның ҡалаһы Динһава тип атала. Белағ донъя ҡуйғас, Босранан Зерахтың улы Йовав тәхеткә ултыра. Йовав мәрхүм булғас, Теман иленән Хушам батша була. Хушам вафат булғандан һуң, Моав тигеҙлегендә мидйәндәрҙе тар-мар иткән Бедад улы Һадад батшалыҡ итә, уның ҡалаһы Ғауиҫ тип атала. Һадад үлгәс, уның урынына Масреҡанан Самла батша була. Самла үлгәс, уның урынына йылға буйындағы Реховоҫтан Шаул батша була. Шаул үлгәс, уның урынына тәхеткә Ғахбор улы Бәғел-Ханан батша булып ултыра. Ғахбор улы Бәғел-Ханан үлгәс, уның урынына тәхеткә Һадар ултыра. Уның ҡалаһы Пағу, ҡатынының исеме – Меһетавил. Меһетавил – Матредтың ҡыҙы, Мезаһавтың ейәнсәре була. Ғаяздан булған тармаҡтарҙың нәҫел-нәсәбенә һәм йәшәгән ерҙәренә күрә исемдәре бына былар: Тимнағ, Ғалуа, Йеҫеҫ, Оһоливама, Эла, Пинон, Ҡыназ, Теман, Мивсар, Магдиил, Ғирам. Эдомда йәшәгән тармаҡтар һәм илдә улар йәшәгән урындар бына шулар. Эдом халҡының тәүатаһы – Ғаяз. Яҡуп атаһы килмешәк булып йәшәгән Ҡәнғән ерендә төйәкләнде. Бына Яҡуп ғаиләһенең тарихы. Йософҡа ун ете йәш ине. Ул үҙенең ағалары – атаһының ҡатындары Билһа һәм Зилпанан тыуған ағалары менән көтөү көттө, уларҙы аталарына гел ошаҡлап торҙо. Олоғайып барған сағында тыуған бала булғанға, Исраил Йософто башҡа улдарына ҡарағанда нығыраҡ ярата ине. Ул Йософҡа затлы күлдәк тектерҙе. Аталарының Йософто үҙҙәренә ҡарағанда нығыраҡ яратыуын күреп, ағалары ҡустыларын шул тиклем һөйһөнмәне, хатта уның менән йүнләп һөйләшә лә алманы. Бер ваҡыт Йософ төш күрҙе. Уны ағаларына һөйләгәс, улар уны тағы ла нығыраҡ күрә алмай башланы. – Тыңлағыҙ әле, – тине Йософ уларға, – бына мин ниндәй төш күрҙем! Имеш, беҙ баҫыуҙа көлтә бәйләйбеҙ, шунда мин бәйләгән көлтә турайып баҫты, ә һеҙҙең көлтәләр, уны уратып алып, минең көлтәгә баш эйҙе! – Һин беҙҙең өҫтән батша булырға, хакимлыҡ итергә уйлайһыңмы ни әле? – тине уға ағалары. Күргән төшө өсөн дә, уны һөйләгәне өсөн дә уны тағы ла нығыраҡ яратмай башланылар. Ә Йософ тағы бер төш күрҙе, уны ла ағаларына һөйләне. – Мин йәнә бер төш күрҙем: имеш, ай менән ҡояш та, улар янындағы ун бер йондоҙ ҙа миңә баш эйҙе, – тине ул. Был төшөн атаһы менән ағайҙарына һөйләгәс, атаһы Йософто әрләп ташланы: – Ниндәй төштәр күрәһең һин? Нимә, беҙ барыбыҙ ҙа – мин, әсәйең, ағайҙарың – килеп һинең аяғыңа йығылырға тейеш булабыҙмы ни? Ағалары Йософтан көнләште, әммә атаһы был төштө хәтеренә һалып ҡуйҙы. Бер ваҡыт Йософтоң ағалары аталарының һарыҡтарын көтөргә Шәхәмгә китте. Исраил Йософҡа былай тине: – Ағайҙарың Шәхәм эргәһендә мал көтә. Улар янына барып кил әле. – Ярай, – тип яуапланы Йософ. – Бар ҙа ҡара, иҫән-амандармы, малдар ни хәлдә? Шунан миңә хәбәр алып ҡайт, – тине атаһы. Ул Йософто Хеврон үҙәненән юлға оҙатты. Йософ Шәхәмгә килде. Ҡырҙа йөрөп ятҡан сағында уға бер кеше осрап: – Бында нимә эҙләп йөрөйһөң? – тип һораны. – Ағайҙарымды эҙләйем, – тип яуапланы Йософ. – Әйт әле, зинһар, улар ҡайһы тирәлә көтөү көтә икән? – Улар бынан китте, – тине теге кеше. – Мин уларҙың, Доҫанға барайыҡ, тип һөйләшкәндәрен ишетеп ҡалғайным. Йософ ары барып, уларҙы Доҫанда эҙләп тапты. Ағалары Йософтоң яҡынлашып килеүен алыҫтан уҡ күрҙе һәм уны үлтерергә һүҙ ҡуйышты. – Ана, беҙҙең төш күреүсе килә! – тиештеләр. – Үлтереп һыу соҡорона ырғытайыҡ та, ҡырағай януар ашаған, тип әйтер ҙә ҡуйырбыҙ. Бына шунан ҡарарбыҙ, уның төштәре нисек юш килер икән! Рәүвән быны ишетте лә Йософто ҡотҡарырға теләне. – Үлтермәйек уны, – тине Рәүвән. – Ниңә ҡан ҡойорға? Сүлдәге һыу соҡорона ташлағыҙ ҙа ҡуйығыҙ, тик үҙенә ҡағылмағыҙ. Ысынында иһә ул Йософто ҡотҡарып, атаһына кире ҡайтарырға уйлағайны. Йософ ағалары янына килеп етеү менән, улар уның затлы күлдәген систереп алдылар ҙа үҙен тотоп алып соҡорға ырғыттылар. Соҡор һыуһыҙ, буш ине. Ашарға ғына ултырғайнылар, Ғилғәд яғынан Исмәғил ырыуының сауҙагәрҙәр каруаны килгәне күренде – уларҙың дөйәләре Мысырға хуш еҫле ыҫмала, еҫле май, бәлзәм алып китеп бара ине. Йәһүҙә туғандарына: – Ҡустыбыҙҙы үлтереп, уның ҡанын йәшереүҙән беҙгә ни файҙа? Исмәғил кешеләренә һатайыҡ та ебәрәйек, ҡулыбыҙ ҙа таҙа булыр. Ул барыбер беҙҙең ҡәрҙәшебеҙ, бер ҡан бит, – тине. Ағай-эне бының менән килеште. Мидйән сауҙагәрҙәре яҡыныраҡ килгәс, Йософто һыу соҡоронан сығарҙылар ҙа егерме шекел көмөшкә исмәғилдәргә һатып ебәрҙеләр. Улар иһә Йософто Мысырға алып китте. Рәүвән боролоп соҡор янына килде, үрелеп ҡараһа – Йософ юҡ! Ҡайғыһынан ул кейемдәрен йыртҡысланы. – Малай юҡ та баһа! – тине Рәүвән, ҡустылары янына килеп. – Миңә ни эшләргә инде? Ҡайҙа барырға миңә хәҙер? Туғандар Йософтоң күлдәген алдылар ҙа, бер кәзәне һуйып, күлдәкте уның ҡанына буянылар. Шунан уны аталарына килтереп бирҙеләр: – Бына беҙ нимә табып алдыҡ! – тине улар. – Ҡара әле, был һинең улыңдың күлдәге түгелме? Яҡуп кейемде таныны: – Был улымдың күлдәге! Уны йыртҡыс талаған! Өҙгөләгәндәр, өҙгөләгәндәр Йософто! Яҡуп өҫтөндәге кейемен йыртҡылап, биленә ҡыл туҡыма ураны, улы өсөн хәсрәтләнеп бик оҙаҡ ваҡыт йәш түкте. Улдары һәм ҡыҙҙары килеп Яҡупты йыуатырға тырышты, әммә ул тынысланырға теләмәне. – Ҡара ҡайғы менән улым янына, гүргә төшәм мин! – тип бер туҡтауһыҙ иланы ла иланы. Ә Мидйән сауҙагәрҙәре Йософто Мысырға алып барып, унда Потифарға – фирғәүендең һарай хеҙмәтсеһенә, һаҡсылар башлығына – һатып ебәрҙеләр. Шул ваҡытта Йәһүҙә, ағай-энеләре янынан китеп, Ғадулламдан Хира исемле бер кеше эргәһенә урынлашты. Шунда уға Ҡәнғәндән Шуға исемле берәүҙең ҡыҙы оҡшап ҡалды. Йәһүҙә уға өйләнде, ҡатыны ауырға ҡалып, ул тапты – Йәһүҙә уға Ғер тип исем бирҙе. Шуға, тағы ауырға ҡалып, икенсегә ул тапты һәм уға Онан исемен ҡушты. Һуңыраҡ тағы бер бала тапты ла уға Шела тип исем ҡушты. Был ваҡытта Йәһүҙә Кезивта ине. Тәүге улы Ғерҙы Йәһүҙә Тамар исемле ҡыҙға өйләндерҙе, Ғер гел генә золом ҡылғанға, Раббы уны хушһынманы, уға әжәл ебәрҙе. Йәһүҙә Онанға: – Ағайыңдың тол ҡалған ҡатынын ал, – тине. – Ағайыңды алыштырып, уның нәҫелен дауам итерһең. Онан Тамар тапҡан балалар уныҡы булып иҫәпләнмәҫен белә ине. Шуға күрә, ағаһына бала яралтмаҫ өсөн, ул Тамар менән йоҡлағанда орлоғон гел ситкә ағыҙҙы. Уның был ҡылығын Раббы хушһынманы, шуның өсөн Раббы уға ла әжәл ебәрҙе. Йәһүҙә килене Тамарға: – Улым Шела үҫеп еткәнсе, атаң йортонда тол ҡатын булараҡ йәшәп тор, – тине. Ағалары кеүек был улы ла үлеп ҡуймаһын тип уйланы ул. Шулай итеп, Тамар атаһы йортона ҡайтты. Байтаҡ ваҡыт үтте. Шуғаның ҡыҙы, йәғни Йәһүҙәнең ҡатыны, вафат булды. Ҡатынын ерләп, хәсрәт көндәрен үткәргәс, Йәһүҙә дуҫы – Ғадуллам кешеһе Хира менән һарыҡ йөнө ҡырҡырға Тимнаға китте. Тамар ҡайныһының Тимнаға һарыҡ йөнө ҡырҡырға киткәнен белеп ҡалды. Ул тол ҡатындар кейә торған кейемдәрен сисеп, йөҙөн күрһәтмәҫ өсөн баштан-аяҡ бөркәнсек ябынды ла Ғенайим ҡапҡаһы янына килеп ултырҙы – был Тимнаға барған юл буйында ине. Сөнки Шела үҫеп етһә лә, үҙен уға ҡатынлыҡҡа алырға уйламағандарын аңлағайны. Йәһүҙә, Тамарҙы күреп, уны фәхишә тип уйланы, сөнки бите бөркәнсек менән ҡапланғайны. Ул ҡатын янына килде лә: – Һинең менән ятам, – тине. Үҙенең килене икәне башына ла килмәне! Ә ҡатын унан: – Минең менән ятҡан өсөн нимә бирәһең? – тип һораны. – Һиңә мин кәзә бәрәсе ебәрермен, – тине Йәһүҙә. Ҡатын уға: – Ҡасан ебәргәнсе, берәй әйбереңде ҡалдырып тор, – тине. – Нимә бирәйем һуң? – тип һораны Йәһүҙә. – Мисәтең тағылған бау менән ҡулыңдағы таяғыңды, – тине ҡатын. Йәһүҙә ҡатынға һораған әйберҙәрен бирҙе лә уның менән ятты, ә Тамар унан ауырға ҡалды. Бынан һуң ҡатын ҡайтып китте һәм, төрөнгән бөркәнсеген ташлап, тол ҡатындарса кейенеп алды. Йәһүҙә һуңынан дуҫын – Ғадуллам кешеһен – кәзә бәрәсе илтеп, аманатты кире алырға ебәрҙе, әммә ул ҡатынды таба алманы. Ул бындағы кешеләрҙән һораша башланы: – Ғенайим юлында ултырған ҡорам фәхишәһе ҡайҙа икән? Әммә уға: – Унда бер ниндәй ҙә ҡорам фәхишәһе ултырғаны булманы, – тип яуап бирҙеләр. Ул Йәһүҙәгә кире килде лә былай тине: – Мин уны таба алманым. Ә урындағы кешеләр, унда бер ниндәй ҙә фәхишәнең булғаны юҡ, тине. – Ярай, әйберҙәр унда ҡалһын әйҙә, оятҡа ҡалмаһаҡ булды. Мин кәзә бәрәсе ебәрҙем, ә һин уны таба алмағанһың. Өс айлап ваҡыт үткәс, Йәһүҙәгә: – Киленең Тамар зина ҡылған, хәҙер ул ауырлы, – тип хәбәр иттеләр. – Тотоп алығыҙ ҙа утта яндырығыҙ, – тип әмер бирҙе Йәһүҙә. Тамарҙы язаға алып килгәс, ул ҡайныһына: – Мин ошо әйберҙәрҙең хужаһынан ауырлымын, – тип хәбәр ебәрҙе. – Зинһар, ҡара әле, бынау бәйле мисәт менән таяҡ кемдеке? Йәһүҙә үҙенең әйберҙәрен таныны. – Киленем минән хаҡлыраҡ, – тине. – Мин улым Шеланы уға өйләндермәгәйнем. Йәһүҙә башҡаса уның менән яҡынлыҡ ҡылманы. Тыуыр мәл еткәс, Тамарҙың балаларының игеҙәк булғаны асыҡланды. Тыуымға килгән сабыйҙарҙың береһе ҡулын сығарҙы. Кендек инәһе уға ал еп бәйләне лә: «Быныһы беренсе булып сыҡты», – тине. Әммә бала ҡулын кире тартып алды ла икенсеһе – уның ҡустыһы донъяға килде. «Һин үҙеңә нисек юл ярҙың?» – тип һораны кендек инәһе; шуға уға Пәрәс тип исем бирҙеләр. Уның артынан ҡулындағы ал еп менән икенсеһе лә донъяға килде. Уға Зерах тигән исем ҡуштылар. Йософто Мысырға алып килделәр. Уны бында Исмәғил кешеләренән фирғәүендең һанаты, һарай һаҡсылары башлығы Потифар һатып алды. Раббы Йософ менән булды – эштәре гел уңай килеп торҙо, хужаһының йортонда йәшәне. Мысыр хужаһы Йософтоң Раббы рәхмәтендә икәнен, ни генә эшләмәһен, Раббы уға ярҙам итеп торғанын күрҙе. Йософ хужаһының күңеленә хуш килде, уға тоғро хеҙмәт итте. Ул Йософҡа бөтә йортон, бар мөлкәтен ҡарауҙы тапшырып ҡуйҙы. Шунан башлап Йософ арҡаһында Раббы уны ла фатихаланы – Мысыр кешеһенең йортта ла, баҫыуҙа ла һәр йәһәттән эше уң барҙы. Хужа булған бөтә нәмәһен Йософҡа тапшырҙы – хәҙер инде Мысыр кешеһенең бөтә ҡайғыһы тик ашап-эсеүҙән генә тора ине. Йософ төҫкә-башҡа ла, буй-һынға ла матур ине. Хужа ҡатынының уға күҙе төштө һәм бер ваҡыт: – Әйҙә, минең менән ят, – тине. Әммә Йософ баш тартты, хужаһының ҡатынына: – Мин бында булғанға күрә хужам өйөндә бер нимә өсөн дә борсолмай, бөтә нәмәне лә миңә ышанып тапшырҙы. Был йортта мин уның һымаҡ уҡ хужамын. Бында, һинән башҡа, минең өсөн тыйылған бер ни ҙә юҡ. Сөнки һин уның ҡатыныһың. Нисек инде мин шундай ҙур золомдо ҡылып, Алла алдында гонаһлы булайым? Ҡатын уны көн һайын ирекһеҙләне, әммә Йософ уның менән йоҡларға риза булманы. Бер көндө Йософ үҙ эше менән хужа йортона инде. Өйҙә бер кеше лә юҡ ине. Хужа ҡатыны уны кейеменән эләктереп алды ла тағы: – Ят минең менән, – тине. Әммә Йософ, кейемен уның ҡулында ҡалдырып, йорттан йүгереп сығып китте. Ҡатын Йософтоң кейемен ташлап ҡасҡанын күрҙе лә, хеҙмәтселәрен саҡырып: – Ҡарағыҙ әле! Ирем был ғивриҙе беҙҙе мыҫҡыл итер өсөн алып ҡайтҡан. Ул яныма килеп минең менән ятырға теләгәйне, тик мин ҡысҡырып ебәрҙем. Мин тауыш күтәргәс, кейемен ташлап сығып ҡасты. Ире ҡайтып ингәнсе Йософтоң кейемен үҙендә ҡалдырҙы. Уға ла шул уҡ һүҙҙәрҙе һөйләне: – Һин бында алып ҡайтҡан ғиври ҡолоң мине мыҫҡыл итергә теләне. Әммә мин ҡысҡыра башлағас, кейемен ҡалдырып, йорттан сығып ҡасты. Ҡатынының: «Бына ҡолоң мине нимә эшләтте!» – тигән һүҙҙәрен ишеткәс, Йософтоң хужаһы асыуынан шартлай яҙҙы. Ул Йософто тотоп алып батша тотҡондары бикләнгән зинданға ябырға бойорҙо. Әммә Раббы бында ла Йософ менән булды, уға рәхмәтен һалды һәм төрмә башлығының күңелендә Йософҡа ҡарата яҡшы мөнәсәбәт уятты. Төрмә башлығы Йософто бөтә тотҡондар өҫтөнән күҙәтсе итеп ҡуйҙы. Тотҡондарға Йософ етәкселек итә башланы. Төрмә башлығы хәҙер бер нәмә тураһында ла борсолманы – сөнки Раббы Йософ менән булды, һәр эшендә уңыш ҡаҙандырҙы. Ошо хәлдәрҙән һуң бер аҙ ваҡыт үткәс, батшаның шарап ҡойоусыһы менән икмәк бешереүсеһе үҙ хакимдары – Мысыр батшаһы алдында ғәйепкә тарыны. Фирғәүен был һанаттарына – баш шарап ҡойоусы менән баш икмәксегә – бик ныҡ асыуланды ла уларҙы һаҡсылар башлығы йортондағы төрмәгә, Йософ ултырған зинданға ябырға ҡушты. Һаҡсылар башлығы Йософто уларға хеҙмәтсе итеп тәғәйенләне. Улар шулай бер ни тиклем ваҡыт зинданда бергә булдылар. Бына бер көндө Мысыр батшаһының зинданда тотҡон булып ултырған шарап ҡойоусыһы менән икмәксеһе төш күрҙе. Икеһенең төшө ике төрлө, мәғәнәләре лә төрлөсә ине. Йософ иртәнсәк улар янына ингәйне, быларҙың нимәгәлер күңелдәре тыныс түгел икәнен күрҙе. Йософ үҙе менән бергә һаҡсылар башлығының өйөндәге зинданда ултырған фирғәүен һарайы әһелдәренән: – Ниңә бөгөн йөҙөгөҙ бик бойоҡ? – тип һораны. Улар Йософҡа: – Төш күргәйнек тә, юрарға кешеһе юҡ, – тинеләр. – Юрау Алла ихтыярында түгелме ни? – тине Йософ. – Төшөгөҙҙө миңә һөйләһәгеҙ ине. Шарап ҡойоусылар башлығы Йософҡа төшөн һөйләне: – Миңә шундай төш керҙе: имеш, алдымда йөҙөм ағасы ботағы. Унан өс үҫенте киткән. Бына улар үҫә башланы ла, имеш, сәскә атты, шунан емештәр хасил булды, ҡараһам, бешеп тә еттеләр. Ҡулымда фирғәүендең һауыты икән, тим. Мин йөҙөм тәлгәшен өҙөп алдым да, һутын теге һауытҡа һығып, фирғәүенгә бирҙем. – Төшөңдөң мәғәнәһе шул, – тине уға Йософ. – Өс үҫенте – өс көн ул. Өс көн үтер – фирғәүен һине тағы күтәрер: элекке урыныңа кире ҡуйыр ҙа һин уға элеккесә шарап ҡойоп, шараплы туҫтаҡты уның ҡулына тоттороп торорһоң. Тик һин миңә лә ярҙам ит: үҙең бәхеткә ирешкәс, мине лә онотма, фирғәүен менән һөйләшкәндә, минең турала йылы һүҙ әйт, бынан ҡотҡар мине! Мине ғивриҙәр еренән урлап алып килделәр. Бында ла зинданға бикләрлек бер нәмә лә эшләмәнем! Баш икмәксе төштөң хәйерлегә юралыуын күреп, Йософҡа: – Ә мин шундай төш күрҙем, – тине. – Башым өҫтөндә өс кәрзин, имеш; өҫкөһөндә фирғәүен өсөн бешерелгән төрлө-төрлө икмәктәр. Шул кәрзиндәге аҙыҡты ҡоштар суҡый икән, тим. – Һинең төшөңдөң мәғәнәһе былай, – тине уға Йософ. – Өс кәрзин – өс көн ул. Өс көн үткәс, фирғәүен һине лә күтәрер: һин дар ағасында аҫылынып торорһоң, ә тәнеңде ҡоштар суҡып өҙгөләр. Өс көндән һуң фирғәүендең тыуған көнө ине. Ул һарай әһелдәре өсөн мәжлес ойошторҙо һәм шулар алдында баш шарап ҡойоусы менән баш икмәксене юғары күтәрҙе – шарап ҡойоусылар башлығын элекке урынына ҡайтарҙы; ул тағы шараплы туҫтаҡты фирғәүен ҡулына тоттороп тора башланы; ә баш икмәксене дарға аҫтырҙы – Йософ нисек әйтһә, шулай булды. Әммә шарап ҡойоусы Йософто ла, уның үтенесен дә онотто. Ике йыл үткәндән һуң, фирғәүен бер төш күрҙе: имеш, ул Нил йылғаһы ярында тора, шул саҡ Нилдан ете һыйыр килеп сыҡты. Матур, көр был һыйырҙар яр буйындағы ҡамышлыҡта утлай башланы. Ул арала Нилдан арыҡ һәм хәлһеҙ тағы ете һыйыр килеп сыҡты ла теге һыйырҙар янына барып баҫты. Арыҡ, көсһөҙ һыйырҙар теге матур, көр һыйырҙарҙы ашаны. Шунда фирғәүен йоҡоһонан уянды. Яңынан йоҡлап киткәс, икенсе төш күрҙе: имеш, бер һабаҡта ете туҡ башаҡ үҫеп сыҡты. Уның артынса ерҙән ҡыуан ел көйҙөргән ете буш башаҡ үҫеп сыҡты ла, бына ғәләмәт, ошо буш башаҡтар ашлыҡ бөртөктәре менән тулы теге башаҡтарҙы йотто ла ҡуйҙы. Шундай төштәр күреп уянды фирғәүен. Хафаға төшкән фирғәүен, иртәнсәк Мысырҙың бөтә сихырсыларын һәм аҡыл эйәләрен саҡыртып, күргән төштәрен һөйләне, әммә уларҙы берәү ҙә юрай алманы. Шунда шарап ҡойоусылар башлығы фирғәүенгә былай тине: – Мин бөгөн гонаһымды иҫемә төшөрҙөм. Бер ваҡыт фирғәүен беҙ ҡолдарына асыуланды ла баш икмәксе менән мине һаҡсылар башлығы йортондағы зинданға япты. Бер төндө икебеҙ ҙә төш күрҙек. Уларҙың мәғәнәләре төрлө ине. Беҙҙең менән бергә һаҡсылар башлығының ҡоло булған йәш ғиври бар ине. Беҙ уға төштәребеҙҙе һөйләнек. Ул беҙгә юраны, һәр беребеҙгә нимә аңлатҡанын әйтеп бирҙе. Ул нисек юраған булһа, шулай килеп сыҡты: мин элекке урыныма ҡайтарылдым, ә баш икмәксе аҫылды. Фирғәүен Йософ артынан кеше ебәрҙе. Уны йәһәт кенә зиндандан сығарҙылар. Йософ ҡырынып, кейемен алмаштырып фирғәүен янына килде. – Мин төш күргәйнем, ләкин уны берәү ҙә юрай белмәй. Ә мин һинең турала, төш юрай белә икән, тип ишеткәйнем, – тине фирғәүен Йософҡа. – Был минең ҡөҙрәтемдә түгел, – тине Йософ. – Фирғәүенгә хәйерле яуапты Алла Үҙе бирер. Фирғәүен Йософҡа былай тип һөйләй башланы: – Мин төшөмдә Нил йылғаһы ярында торам, имеш тә, Нилдан ете һыйыр килеп сыҡты, имеш, тип күрҙем. Көр, матур был һыйырҙар яр буйындағы ҡамышта утлай башланы. Ул арала Нилдан тағы ете һыйыр сыҡты, тик улар шундай арыҡ һәм хәлһеҙҙәр, ҡоро һөйәк тә тиренән генә торалар – мин Мысырҙа бындай һыйырҙарҙы бер ҡасан да күргәнем юҡ. Ошо ябыҡ һәм һөмһөҙ һыйырҙар теге көр һыйырҙарҙы ашаны ла ҡуйҙы. Һимеҙ һыйырҙар уларҙың ҡорһаҡтарына инеп юғалһа ла, теге һыйырҙар элеккесә арыҡ көйө ҡалды. Мин уянып киттем. Шунан икенсе төш күрҙем: бер һабаҡта ете башаҡ үҫеп сыҡҡан икән тим, башаҡтары яҡшы, туҡ ине. Уның артынса ерҙән ҡыуан ел көйҙөргән ете буш башаҡ үҫеп сыҡты. Ошо буш башаҡтар теге туҡ башаҡтарҙы йотто ла ҡуйҙы! Төштәремде күрәҙәселәргә һөйләгәйнем, әммә улар бер ни ҙә әйтә алманы. Йософ фирғәүенгә былай тине: – Фирғәүен күргән төштәрҙең мәғәнәһе бер. Алла һиңә алда күрәсәгеңде белдерә. Ете һимеҙ һыйыр ете йылды аңлата, ете туҡ башаҡ та шулай уҡ ете йыл. Йәғни быларҙың икеһенең дә мәғәнәһе бер. Ә улар артынан сыҡҡан арыҡ һәм насар ете һыйыр – был тағы ете йыл. Ҡыуан ел көйҙөргән ете буш башаҡ та шуны уҡ – ете йылға һуҙыласаҡ аслыҡты аңлата. Бына шуның өсөн Алла фирғәүенгә күрәсәген белдерә тип әйткәйнем. Мысыр ерендә ете йыл муллыҡ, туҡлыҡ буласаҡ, ләкин унан һуң ете йыл аслыҡ булып, шул муллыҡтың эҙе лә ҡалмайынса юҡҡа сығасаҡ. Аслыҡтан ил бөләсәк, ә элекке муллыҡтың эҙе лә ҡалмаясаҡ – йотлоҡ шундай көслө буласаҡ. Ә төштөң ике тапҡыр күренеүе Алланың яҙғаны шул һәм Ул уны оҙаҡламай ғәмәлгә ашырасаҡ, тигәнде аңлата. Шуға күрә лә фирғәүенгә, зирәк аҡыллы берәй кешене табып, Мысырға уны идарасы итеп ҡуйыу кәрәктер. Фирғәүен бөтә ил буйынса түрәләр ҡуйһын, улар алдағы ете муллыҡ йылында халыҡ үҫтергән уңыштың биштән бер өлөшөн йыйып алһын. Уңдырышлы йылдарҙа тупланған был аҙыҡ-түлек ҡалаларҙа фирғәүен ҡарамағындағы келәттәрҙә тупланһын. Был һаҡлыҡ иген Мысырға ябырыласаҡ ете йыллыҡ аслыҡ дәүеренә, йәғни илде йотлоҡтан ҡотҡарыу өсөн ҡалдырылһын. Йософтоң һүҙҙәре фирғәүен менән һарай әһелдәренең күңеленә хуш килде. – Бүтән бындай кешене табып булмаҫ, – тине фирғәүен үҙенең янындағыларға. – Алла рухы бар унда! Шунан ул Йософҡа былай тине: – Быларҙы Алла һиңә асҡан икән, тимәк, һинән дә зирәгерәк һәм аҡыллыраҡ башҡа кеше юҡ. Ошо көндән алып минең биләмәләремдә һин хөкөм йөрөтәсәкһең, халҡым һине тыңлаясаҡ. Бары тик тәхетем менән генә мин һинән юғарыраҡ буласаҡмын. – Шуны бел: мин һине бөтә Мысырға идара итергә ҡуям. Ул бармағындағы фирғәүен тамғаһы һуғылған йөҙөгөн сисеп, Йософҡа кейҙерҙе, нәфис етен кейемдәр бирҙе һәм муйынына алтын сылбыр таҡты. Уға үҙенекенән ҡала икенсе дәрәжәләге арбаһын бирҙерҙе. Йософ арбала барғанда уның алдынан: «Юл бирегеҙ!» – тип ҡысҡыра-ҡысҡыра йүгереп барырға тейештәр ине. Шулай итеп, фирғәүен Йософто бөтә Мысырға идарасы итеп ҡуйҙы. – Мин фирғәүендең ихтыяры шундай, – тине ул Йософҡа. – Ошо көндән башлап бөтә Мысыр ерендә һис кем һинһеҙ ҡулын да, аяғын да ҡыбырҙатмаҫ. Фирғәүен Йософҡа Сафнаҫ-Пағнеах тигән мысыр исеме бирҙе һәм уны Аснаҫ исемле ҡыҙға өйләндерҙе, Он ҡалаһының ҡаһины Потиферағтың ҡыҙы ине ул. Йософ Мысыр менән идара итә башланы. Мысыр батшаһы фирғәүенгә хеҙмәт итә башлағанда Йософҡа утыҙ йәш ине. Фирғәүен янынан китеп, Йософ бөтә Мысырҙы йөрөп сыҡты. Ете туҡлыҡ йылында ер мул уңыш бирҙе. Мысырҙа был йылдарҙа йыйылған бөтә игенде Йософ ҡалаларға бүлде – һәр ҡалаға уның тирә-яғында йыйып алынған игенде һала барҙы. Ул диңгеҙҙәге ҡом күпме булһа, шул тиклем күп иген йыйҙы – хатта иҫәп алып барыуҙан туҡтаны, сөнки һанап бөтөрлөк түгел ине. Йотлоҡ башланғансы Он ҡалаһы ҡаһины Потиферағтың ҡыҙы Аснаҫ Йософҡа ике ул табып бирҙе. Баш балаһына Йософ Менашше тип исем ҡушты: «Алла миңә барлыҡ ҡайғымды һәм атам йортон оноторға ярҙам итте», – тине. «Алла мине ғазапҡа дусар булған ерҙә емешле итте», – тип, икенсеһенә Әфраим тигән исем бирҙе. Мысырҙа ете уңдырышлы йыл үтеп китте. Йософ юрағанса, ете йыллыҡ аслыҡ башланды. Был аслыҡ башҡа илдәрҙе лә солғап алды, ә Мысырҙа иген күп ине. Аслыҡ башланып, Мысыр халҡы фирғәүенгә ашлыҡ һорап ялбарырға тотонғас, ул: – Барығыҙ, Йософтан һорағыҙ, Йософ ни әйтһә, шуны эшләгеҙ, – тине. Бөтә ерҙә аслыҡ ине. Йософ, иген бураларын асып, Мысыр халҡына иген һатырға тотондо. Мысырҙа йотлоҡ көсәйә барҙы. Башҡа илдәрҙән дә Йософтан ашлыҡ һатып алырға Мысырға ағылдылар, сөнки бөтә ерҙә аслыҡ ҡотора ине. Мысырҙа иген барлығын ишетеп, Яҡуп улдарына: – Нимә бер-берегеҙгә һалышып ятаһығыҙ? – тине. – Мысырҙа иген бар тип ишеттем. Барығыҙ, һатып алып ҡайтығыҙ, юҡһа, бөтәбеҙ ҙә үлербеҙ. Йософтоң ун ағаһы Мысырға иген алырға китте. Тик Бинйәминде, Йософтоң бер ҡарындан тыуған ҡустыһын ғына, Яҡуп үҙ янынан ебәрмәне: уның менән бер-бер хәл булып ҡуймаһын тип ҡурҡты. Исраил уландары Мысырға иген алырға тип килгән кешеләр төркөмөнә ҡушылды, сөнки бөтә Ҡәнғән аслыҡтан яфалана ине. Ә Мысырҙа Йософ идара итә – иген һатыу менән ул шөғөлләнә ине. Ағалары килеп, уның алдына йөҙтүбән йығылды. Йософ туғандарын күреү менән таныны, әммә үҙен танытманы, ҡаты итеп: – Ҡайҙан килдегеҙ? – тип һораны. – Ҡәнғәндән, иген алырға тип килгәйнек, – тип яуап бирҙе улар. Йософ ағаларын таныһа ла, ағалары уны таныманы. Йософ улар хаҡында күргән төштәрен иҫенә төшөрҙө лә былай тине: – Юҡ, һеҙ шымсылар. Беҙҙең еребеҙгә ҡайҙан үтеп инергә йәтеш икәнен ҡарарға килгәнһегеҙ. – Юҡ, хакимым! – тине улар. – Беҙ, ҡолдарың, ризыҡ алырға килдек. Беҙ барыбыҙ ҙа бер ата балалары, намыҫлы кешеләр. Беҙ, ҡолдарың, шымсы түгел. – Юҡ, – тине Йософ, – еребеҙгә ҡайҙан үтеп инергә уңайлы булғанын белер өсөн килгәнһегеҙ. – Беҙ, ҡолдарың, ун ике ағай-энебеҙ, – тип яуап бирҙе туғандары. – Һәммәбеҙ ҙә бер ата балалары, Ҡәнғәндән килдек. Иң кесе ҡустыбыҙ атайыбыҙ менән ҡалды. Ә беребеҙ юҡ инде. – Әйттем бит, – тине Йософ, – һеҙ шымсылар. Бына мин һеҙҙе нисек итеп һынаясаҡмын: фирғәүендең ғүмере менән ант итәм, иң кесе туғанығыҙ килмәйенсә, һеҙ бынан китә алмаясаҡһығыҙ. Берегеҙҙе уның артынан ебәрегеҙ, ә ҡалғандарығыҙ әлегә һаҡ аҫтында булыр – шунан һүҙегеҙ дөрөҫмө-түгелме икәне асыҡланыр. Дөрөҫөн һөйләмәгән булһағыҙ, тимәк, һеҙ шымсылар. Фирғәүендең ғүмере менән ант итәм! Йософ уларҙы өс көнгә зинданға ябып ҡуйҙы. Өсөнсө көндө уларға былай тине: – Мин әйткәнде эшләһәгеҙ, йәшәрһегеҙ, сөнки мин Алланан ҡурҡам. Әгәр һеҙ, ысынлап та, намыҫлы кешеләр икәнһегеҙ, берегеҙ төрмәлә ҡалһын, ә ҡалғандарығыҙ асығыусы ғаиләләрегеҙгә иген алып ҡайтһын да кесе туғанығыҙ менән бында кире килһен. Әгәр һүҙҙәрегеҙ дөрөҫкә сыҡһа, йәнегеҙҙе ҡотҡарырһығыҙ. Улар күнде. – Туғаныбыҙҙың ҡоно ҡайта беҙгә! – тип һөйләштеләр үҙ-ара. – Беҙ уның ыҙаланғанын күрҙек, әммә, нисек кенә ялынһа ла, уны ҡыҙғанманыҡ. Бына хәҙер үҙебеҙгә лә шул көн килде! Рәүвән былай тине: – Малайға золом ҡылмағыҙ, тип әйтмәнемме ни мин һеҙгә? Тыңламанығыҙ. Хәҙер уның ҡаны өсөн яуап тотабыҙ. Ағай-энеләре Йософтоң үҙҙәрен аңлап торғанын белмәне, сөнки Йософ улар менән тәржемәсе аша һөйләшкәйне. Ә Йософ ситкә китте лә илап ебәрҙе. Һуңынан кире килеп, улар менән тағы һөйләште, шунан, Шимғонды һайлап алып, башҡа туғандары алдында уны бәйләргә ҡушты. Артабан ул тоҡтарға иген тултырырға, һәр береһенең тоғона үҙҙәре алып килгән көмөштө кире һалып, юлға аҙыҡ бирергә бойорҙо. Шулай эшләнде. Туғандар, ишәктәренә иген тейәп, өйҙәренә ҡайтып китте. Төндә ялға туҡтаған саҡта уларҙың береһе, ишәген ашатам, тип тоҡ ауыҙын сискәйне, өҫтә генә ятҡан көмөштө күреп ҡалды. – Минең көмөшөм үҙемә кире ҡайтҡан! – тине ул туғандарына. – Бына ул, өҫтә генә ята. Уларҙың йөрәге ҡупты. Дер ҡалтырап, бер-береһенә: – Ни ҡыла икән беҙҙең менән Алла? – тиештеләр. Ҡәнғәнгә, аталары Яҡуп янына ҡайтҡас, үҙҙәре менән булған хәлдәрҙе һөйләп бирҙеләр: – Ул ерҙә идара иткән кеше беҙҙең менән ҡаты һөйләште, беҙҙе был илгә шымсылыҡ итергә килгән тип уйланы. Әйттек: беҙ шымсы түгел, намыҫлы кешеләрбеҙ, беҙ бер ата балалары, ун ике туғанбыҙ; беребеҙ юҡ инде, иң кесе ҡустыбыҙ атайыбыҙ менән Ҡәнғәндә ҡалды, тинек. Ә ул ил менән идара иткән кеше беҙгә былай тине: «Мин һеҙҙең намыҫлы кешеләрме, әллә юҡмы икәнегеҙҙе тикшерәм: берегеҙ бында ҡалһын, ә ҡалғандарығыҙ асығыусы ғаиләләрегеҙгә иген алып ҡайтып бирегеҙ ҙә иң кесе ҡустығыҙ менән бында кире килегеҙ. Шул саҡта мин һеҙҙең шымсылар түгел, ә намыҫлы кешеләр булыуығыҙға ышанырмын – туғанығыҙҙы ла ебәрермен, һеҙгә беҙҙең ерҙәрҙә иркен йөрөргә лә рөхсәт итермен». Йөктәрен бушата башлағайнылар, һәр береһенең тоғонан көмөш һалынған аҡса янсығы килеп сыҡты. Быны күреп, ағай-энеләрҙең дә, аталарының да ҡото осто. Аталары Яҡуп уларға: – Һеҙ мине бер-бер артлы улдарымдан яҙҙыраһығыҙ, – тине. – Йософ юҡ. Шимғон юҡ. Инде Бинйәминде лә алып китергә уйлайһығыҙ. Бөтөн ҡайғы минең бер башыма! Рәүвән атаһына былай тине: – Әгәр ҙә мәгәр Бинйәминде кире алып ҡайтмаһам, ике улымды үлтер. Миңә ышанып тапшыр ҡустымды, уны һиңә кире алып ҡайтасаҡмын. – Юҡ, – тине Яҡуп, – улымды һеҙҙең менән ебәрмәйем. Ағаһы үлде, Бинйәмин бер үҙе ҡалды. Әгәр юлда бер-бер хәл була ҡалһа, мине, сал сәсле ҡартты, ҡайғыға батырып, гүргә индерәсәкһегеҙ! Аслыҡ көсәйгәндән-көсәйҙе. Мысырҙан алып ҡайтҡан иген бөткәс, Яҡуп улдарына былай тине: – Барып, аҙ булһа ла тағы ашлыҡ алып ҡайтығыҙ! – Теге кеше беҙгә кесе туғанығыҙҙан башҡа күҙемә лә күренмәгеҙ, тип бик ҡаты әйтте, – тине уға Йәһүҙә. – Әгәр уны беҙҙең менән ебәрһәң, ашлыҡ алырға барабыҙ. Ебәрмәйһең икән, бармайбыҙ, теге кеше, ҡустығыҙҙы килтермәһәгеҙ, күҙемә лә күренмәгеҙ, тине бит. – Ниңә ҡустығыҙ барлығын әйтеп, башыма бәлә килтерҙегеҙ инде? – тине Исраил. – Ул кеше: «Атайығыҙ иҫән-аманмы? Башҡа берәй туғанығыҙ бармы?» – һымаҡ һорауҙар менән беҙҙең хаҡта һәм яҡын туғандарыбыҙ тураһында төпсөнөп һораша башланы, беҙ уның һәр һорауына яуап бирергә тырыштыҡ. Уның: «Бәләкәй ҡустығыҙҙы миңә алып килегеҙ!» – тип әйтерен ҡайҙан ғына беләйек инде? – тине улар. Йәһүҙә атаһы Исраилға былай тине: – Улыңды минең менән ебәр, тиҙерәк юлға сығайыҡ. Шул саҡта барыбыҙ ҙа иҫән ҡалыр, беҙ ҙә, һин үҙең дә, балаларыбыҙ ҙа асығып үлеүҙән ҡотолорбоҙ. Мин башым менән яуап бирәм: ул ҡайтасаҡ. Әгәр уны алып ҡайтмаһам, ғүмерем буйы һинең алда ғәйепле булырмын. Һаман һуҙмаған булһаҡ, беҙ унда ике тапҡыр барып урай алыр инек инде. – Ярай, – тине Исраил, – ул саҡта бына нимә эшләгеҙ: тоҡтарығыҙҙы еребеҙҙәге байлыҡтың һәммәһен – еҫле май, бал, хуш еҫле ыҫмала, ладан, сәтләүек, баҙам менән тултырығыҙ ҙа ул кешегә күстәнәс итеп алып барығыҙ. Көмөш алығыҙ – тоҡтарығыҙға һалып ҡайтарғанды ла, башҡаһын да – бәлки, улар яңылышҡандыр. Бинйәминде үҙегеҙ менән алығыҙ ҙа ул кешегә тағы барығыҙ. Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алла һеҙгә мәрхәмәтен һалып, ул кеше тегендә ҡалған туғанығыҙҙы ла, Бинйәминде лә ебәрә күрһен инде! Ә миңә балаларымдан мәхрүм булыу яҙған икән, шулай булыр, күрәһең. Ағай-эне бүләктәр әҙерләп, көмөштө элеккегә ҡарағанда ике тапҡырға күберәк алды ла, Мысырға килеп, Йософ алдына баҫты – был юлы Бинйәмин менән. Йософ, Бинйәминде алып килгәндәрен күргәс, өйөндәге баш хеҙмәтсеһенә былай тине: – Был кешеләрҙе минең йортҡа алып бар. Мал һуйып, һый әҙерлә – бөгөн төшкөлөктө улар минең менән ашар. Йософтоң әмерен үтәп, баш хеҙмәтсе ағай-энене уның йортона алып китте. Туғандары Йософтоң өйөнә алып барыуҙарынан шомланып, бер-береһенә: – Беҙҙе унда тоҡтарыбыҙҙағы теге көмөш өсөн алып бармайҙармы икән? – тиештеләр. – Улар һөжүм итеп беҙгә ташланырҙар ҙа үҙебеҙҙе ҡол итерҙәр, ишәктәребеҙҙе тартып алырҙар инде! Өйҙөң ишеге төбөндә улар баш хеҙмәтсегә мөрәжәғәт итте: – Беҙгә бер нәмә әйтергә рөхсәт ит әле, әфәндебеҙ! Беҙ бында ашлыҡ алырға бер тапҡыр килгәйнек инде. Ә кире ҡайтып барғанда, төндә ял итергә туҡтағас, тоҡтарыбыҙҙы асҡайныҡ, һәр беребеҙҙең тоғонда ашлыҡ өсөн күпме түләгән булһаҡ, шул саҡлы көмөш ятҡанын күрҙек. Беҙ ул көмөштө кире алып килдек. Яңынан ашлыҡ һатып алырға тағы көмөш килтерҙек. Ә теге ваҡытта беҙҙең тоҡтарға көмөштө кем һалғандыр, беҙ белмәйбеҙ. – Тынысланығыҙ, – тине уларға хеҙмәтсе, – ҡурҡмағыҙ. Моғайын, һеҙҙең Аллағыҙ – атайығыҙ Аллаһы – тоҡтарығыҙға хазина һалғандыр. Ул саҡта мин көмөштө тулыһынса алғайным! Шунан уларға Шимғонды алып килде. Барыһын да Йософтоң өйөнә саҡырҙы, аяҡтарын йыуырға һыу килтерҙе, ишәктәренә ашарға бирҙе. Ағай-эне бүләктәрен сығарып теҙеп һалды ла Йософтоң төшкөлөккә ҡайтҡанын көтә башланы: төшкө ашты бында ашаясаҡтары уларға әйтелгәйне инде. Йософ өйөнә ҡайтҡас, бүләктәрен бирҙеләр ҙә уның алдына йөҙтүбән ергә ҡапландылар. Ә ул, сәләм биргәндән һуң: – Оло йәштәге атайыбыҙ бар тигәйнегеҙ, уның хәле нисек? Иҫән-аманмы? – һораны. – Атайыбыҙ, һинең ҡолоң, иҫән-аман йәшәп ята, – тип яуапланы туғандар, уның алдында тағы сәждәгә китеп йөҙтүбән ергә ҡапланып. Йософ күҙ йөрөтөп Бинйәмингә, үҙенең әсәһенән тыуған ҡустыһына, ҡараны ла: – Һеҙ әйткән иң кесе туғанығыҙ ошомо? – тип һораны. Шунан өҫтәп ҡуйҙы: – Алла һаҡлай күрһен һине, улым! Йософтоң күңелен ҡустыһына ҡарата шундай яратыу-һағыныу тойғоһо солғап алды – саҡ илап ебәрмәне. Ул тиҙ генә икенсе бүлмәгә сығып китте лә шунда күҙ йәштәренә ирек ҡуйҙы. Бер аҙҙан битен йыуып, яңынан ҡунаҡтар янына сыҡты, үҙен ҡулға алып, ашарға килтерергә ҡушты. Йософҡа ашарға айырым, ҡунаҡтарға айырым, мысырҙарға айырым ҡуйҙылар, сөнки мысырҙарға ғивриҙәр менән бергә ултырып ашарға ярамай, мысырҙар өсөн был ерәнгес һанала ине. Ағай-эне Йософ алдында тәртип буйынса – олоһонан башлап кесеһенә табан – теҙелешеп ултырҙы һәм аптырашып бер-береһенә ҡарашты. Йософ уларға үҙенең өҫтәленән дә һый ебәрҙе, ә Бинйәмингә ул башҡаларға ҡарағанда биш тапҡырға күберәк бирҙе. Йософ менән бергә ашап-эсеп, күңел асып ултырҙылар. Йософ өйөндәге баш хеҙмәтсеһенә былай тине: – Уларҙың тоҡтарын күтәрә алған тиклем ашлыҡ менән тултыр. Һәр береһенең тоғоноң ауыҙына алып килгән көмөшөн кире һал. Ә иң кесеһенең тоғона көмөш менән бергә минең көмөш туҫтағымды ла һал. Хеҙмәтсе, Йософ нисек ҡушһа, шулай эшләне. Таң атыу менән туғандарға ишәктәрен алып юлға сығырға рөхсәт иттеләр. Улар ҡаланан сығып алыҫ китеп тә өлгөрмәне, Йософ өйөндәге баш хеҙмәтсеһенә былай тине: – Тиҙ генә уларҙы ҡыуып ет! Ә ҡыуып еткәс: «Ниңә һеҙ яҡшылыҡҡа яуызлыҡ менән яуап бирҙегеҙ? Хужам шарап эсә, күрәҙәлек итә торған туҫтаҡ түгелме һуң был? Бик насар эш ҡылғанһығыҙ», – тип әйт. Баш хеҙмәтсе уларҙы ҡыуып етте лә ҡушылғанды әйтте. Ағай-эне быға яуап итеп: – Ниңә улай тиһең, хакимым? Беҙ ҡолдарың һис кенә лә быны эшләй алмаҫ инек. Беҙ тоғобоҙҙа ҡайтҡан көмөштө лә Ҡәнғәндән һиңә кире килтерҙек бит! Шулай булғас, хужаңдың өйөнән көмөшөн йәки алтынын ала булабыҙмы ни беҙ? Әгәр беҙҙең беребеҙҙә урланған әйбер табылһа, әйҙә, ул үлтерелһен, ә беҙ хакимыбыҙҙың ҡолдары булып ҡалайыҡ. – Яҡшы, һеҙ әйткәнсә булһын, – тине баш хеҙмәтсе, – тик урланған әйбер кемдә табылһа, шул ҡол булып ҡалыр, ә ҡалғандар азат булыр. Туғандар ҡабаланып тоҡтарын ергә төшөрҙө, ауыҙҙарын систе. Хеҙмәтсе уларҙың барыһын да тәртип буйынса – олоһонан кесеһенә тиклем – тикшерҙе: туҫтаҡ Бинйәминдә табылды. Ағайҙары ҡайғынан кейемдәрен йыртҡыланы, йөктәрен ишәктәренә кире тейәп, ҡалаға әйләнеп килде. Йәһүҙә менән туғандары килгәндә Йософ өйҙә ине. Уның алдына йөҙтүбән йығылдылар. Йософ былай тине: – Ниңә быны эшләнегеҙ? Минең кеүек кеше күрәҙәлек итеп белә алыр, тип уйламанығыҙмы? – Ни әйтәйек инде, хакимым? – тине Йәһүҙә. – Ҡаршы әйтерлек тә, аҡланырлыҡ та һүҙебеҙ юҡ, Алла гонаһыбыҙҙы күрһәтте. Инде беҙ ҙә, туҫтаҡ табылған кеше лә хакимыбыҙҙың ҡолобоҙ. – Юҡ, – тине Йософ, – мин улай эшләмәйем! Туҫтаҡ кемдә табылған, шул кеше минең ҡолом була, ә һеҙ тыныс ҡына атайығыҙ янына ҡайтып китегеҙ. Шунда Йәһүҙә Йософ янына килеп былай тине: – Хакимым! Мин ҡолоңа үҙең менән генә һөйләшергә рөхсәт ит. Мин фәҡиреңә асыуланмаһаң ине, хакимым. Һин үҙең дә фирғәүен менән бер бит! Һин, хакимым, беҙ ҡолдарыңдан: атайығыҙ бармы, ағай-энегеҙ тағы бармы, тип һорағайның. Беҙ һин хакимыбыҙға: атайыбыҙ бар, тик ул ҡарт инде, уның иң кесе улы бар, тип әйткәйнек. Был уның ҡартайғас ҡына тыуған балаһы. Ул бер әсәнән тыуған балаларҙан яңғыҙы ғына иҫән ҡалды, ә ағаһы үлде, тигәйнек. Атайыбыҙ уны ныҡ ярата. Һин иһә беҙ ҡолдарыңа: «Уны яныма алып килегеҙ, үҙ күҙҙәрем менән күрәйем», – тинең. Беҙ, хакимыбыҙ, һиңә, уға атайыбыҙҙы ҡалдырып китергә ярамай, әгәр ҡалдырһа, атайыбыҙ үләсәк, тигәйнек. Ә һин беҙ фәҡирҙәреңә, кесе ҡустығыҙ килмәһә, күҙемә лә күренмәгеҙ, тинең. Беҙ өйгә, һинең ҡолоң атайыбыҙ янына, ҡайтҡас, уға һин әйткән һүҙҙәрҙе еткерҙек, хакимым. Ә атайыбыҙ: «Тағы барығыҙ, беҙгә аҙыраҡ ризыҡ алып ҡайтығыҙ», – тигәс, уға: «Бәләкәй ҡустыбыҙҙан башҡа бармайбыҙ, унан башҡа беҙ ул кешенең күҙенә лә күренә алмайбыҙ», – тинек. Шунан һуң атайыбыҙ, һинең ҡолоң, беҙгә былай тине: «Үҙегеҙ беләһегеҙ: ҡатыным ике ул тапҡайны. Береһе эргәмдән китте. Уны берәй йыртҡыс ботарлағандыр тип уйланым, бүтән мин уны күрмәнем. Хәҙер икенсеһен дә алып китәһегеҙ. Әгәр уның менән бер-бер хәл булып ҡуйһа, мине, сал сәсле ҡартты, ҡайғынан гүргә индерәһегеҙ инде». Хәҙер мин өйгә атайым, һинең ҡолоң янына, уның йәндәй күргән улынан башҡа ҡайта аламмы? Атайыбыҙ уның арабыҙҙа юҡ икәнен күреү менән йән бирәсәк. Һинең ҡолоң, сал сәсле атайыбыҙ, беҙҙең арҡала ҡайғыһынан гүргә төшәсәк! Мин ҡолоң, атайыма: «Башым менән яуап бирәм, ҡустымды алып ҡайтмаһам, һинең алда ғүмерем буйы ғәйепле булырмын», – тигәйнем. Зинһар, бында уның урынына хакимыма ҡол булып мин ҡалайым! Ә ул ағалары менән ҡайтып китһен. Мин унан башҡа өйгә ҡайтып, атайымдың хәсрәткә батҡанын күрә алмайым! Йософ эргәһендә торғандар алдында түҙеп тора алмаҫ хәлгә килде. – Бөтәгеҙ ҙә сығығыҙ! – тип ҡысҡырҙы ул. Йософ үҙенең кем икәнен танытҡанда эргәлә сит кешеләрҙән бер кем дә юҡ ине. Ул шул тиклем ҡысҡырып иланы, уны Мысыр кешеләре лә ишетте, һүҙ фирғәүен һарайына ла барып етте. – Мин – Йософ, – тине ул ағаларына. – Атайым нисек, иҫәнме әле? Тегеләр иһә шаҡ ҡатып, бер һүҙ ҙә әйтә алмай торҙо. – Яҡын килегеҙ, – тине Йософ. Ағалары уның янына килде. – Был мин, Йософ, – тип өҫтәне, – һеҙ Мысырға һатҡан ҡустығыҙ. Ләкин бының өсөн үҙегеҙҙе ғазапламағыҙ, өҙгөләнмәгеҙ. Һеҙҙең ғүмерегеҙҙе һаҡлап ҡалыр өсөн Алла мине бында һеҙҙән алда Үҙе ебәргән. Ер йөҙөндә бына ике йыл инде аслыҡ хөкөм һөрә. Алда тағы биш йыл бар. Ул биш йыл эсендә һөрөү ҙә, урыу ҙа булмаясаҡ. Алла һеҙҙең нәҫел-ырыуығыҙҙы ер йөҙөндә һаҡлар өсөн һәм йәндәрегеҙҙе бөйөк афәттән ҡотҡарып алып ҡалыр өсөн алдан уҡ мине бында ебәргән! Һеҙ түгел – Алла мине бында ебәргән дә шуны насип иткән: фирғәүендең баш вәзире – уның бөтә мөлкәтенең хужаһы һәм бөтә Мысыр ерендә хөкөм йөрөтөүсе булып киттем мин хәҙер. Тиҙерәк атайым янына ҡайтығыҙ ҙа әйтегеҙ уға: «Улың Йософ шуны мәғлүм ҡыла: Алла мине бөтә Мысырҙың хакимы итте. Һис кисекмәҫтән миңә килеп ет. Һин Гошен ерендә төйәкләнерһең, улдарың, улдарыңдың балалары, көтөүҙәрең, мал-мөлкәтең менән бергә минең эргәмдә генә булырһың. Һин унда бер ниндәй нужа күрмәй йәшәрһең, ғаиләң дә, мал-тыуарың да мохтажлыҡ кисермәҫ – сөнки аслыҡ тағы биш йыл дауам итәсәк әле». – Бына күреп тораһығыҙ, – тине Йософ. – Ҡустым Бинйәмин, һин дә күрәһең! Был мин, мин бит һеҙҙең менән һөйләшәм! Мысырҙа минең ниндәй бөйөк һәм шөһрәтле кеше икәнемде атайыма еткерегеҙ. Нимәләр күргәнегеҙҙе һөйләгеҙ ҙә атайымды тиҙерәк бында килтерегеҙ! Ул ҡустыһы Бинйәминде ҡосаҡлап алды ла илап ебәрҙе, Бинйәмин дә уны ҡосаҡлап иланы. Һуңынан Йософ илай-илай башҡа ағайҙарын да ҡосаҡлап үпте, шунан һөйләшеүҙәр башланды. Йософҡа ағайҙарының килеүе тураһында фирғәүен һарайына ла барып ишетелде. Фирғәүен дә, уның һарай әһелдәре лә был хәбәрҙе хуш күреп ҡабул итте. Фирғәүен Йософҡа былай тине: – Ағайҙарыңа әйт, былай эшләһендәр: йөк хайуандарына кәрәк-яраҡтарын тейәһендәр ҙә Ҡәнғәнгә юлланһындар. Ҡайтып, атайығыҙҙы һәм бөтә ғаиләгеҙҙе алып, бында кире әйләнеп килһендәр. Мин уларға Мысырҙың иң яҡшы ерҙәренән урын бирермен. Тупрағы май һымаҡ ерҙәрҙең емештәрен ашап йәшәрһегеҙ. Уларға Мысырҙан ҡатын-ҡыҙ һәм бала-саға өсөн арбалар алып китергә бойор, үҙҙәре менән атайығыҙҙы ла алып килһендәр. Тороп ҡалған мөлкәттәре өсөн ҡайғырып тормаһындар: Мысырҙағы бөтә яҡшы нәмә уларҙыҡы булыр. Исраил улдары шулай эшләне. Йософ, фирғәүен әйткәнсә, уларға арбалар, юлға аҙыҡ, һәр береһенә өр-яңы кейем, Бинйәмингә өс йөҙ шекел көмөш һәм биш ҡат кейем бирҙе. Атаһына Мысыр ерендәге һәр төрлө ниғмәттән ун ишәккә тейәп оҙатты, ун инә ишәккә иген, икмәк, юлға башҡа төрлө аҙыҡ-түлек тейәтте. Туғандарын оҙатҡанда Йософ: – Юлда ғауғалашмағыҙ, – тип ҡалды. Улар Мысырҙан китеп, Ҡәнғәнгә, аталары янына ҡайтып етте. – Йософ тере, – тине улар Яҡупҡа, – хәҙер ул бөтә Мысырға идара итә. Яҡуптың йөрәге туҡтап ҡалғандай булды: уларға ышана алманы. Ләкин улдары уға Йософтоң әйтеп ебәргән һүҙҙәрен һөйләгәс, үҙен алырға тип Йософ ебәргән арбаларҙы үҙ күҙҙәре менән күргәс, Исраилдың рухы күтәрелде, ул былай тине: – Етте! Улым Йософ иҫән-һау! Үлерҙән алда уны барып күрәйем! Исраил, бөтә мөлкәтен йыйып алып, юлға сыҡты. Беер-Шәвәғкә килеп еткәс, ул атаһы Исхаҡтың Аллаһына бағышлап ҡорбан салды. Шул төндө Алла күренмештә: – Яҡуп, Яҡуп, – тип өндәште. – Эйе, – тип яуап бирҙе Яҡуп. Алла былай тине: – Мин Алла, атайың Аллаһымын. Ҡурҡма, күс Мысырға: унда Мин һинән бөйөк халыҡ бар ҡылырмын. Мысырға һинең менән Мин Үҙем барам, Үҙем үк һине унан алып та сығырмын. Йософ күҙҙәреңде үҙ ҡулдары менән йомдорор. Яҡуп Беер-Шәвәғтән ҡуҙғалып китте. Улдары аталары Яҡупты, бала-саға, ҡатын-ҡыҙҙарҙы фирғәүен ебәргән арбаларға ултыртып алып китте; үҙҙәре менән Ҡәнғәндә туплаған мал көтөүҙәре, мөлкәттәре бара ине. Шулай итеп, Яҡуп бөтә нәҫел-ырыуы менән Мысырға күсенде: улдарын, ҡыҙҙарын, ейән-ейәнсәрҙәрен – барлыҡ ырыуын Мысырға алып килде ул. Бына Исраилдың Мысырға күсеп килгән улдарының – Яҡуп менән улдарының исемдәре: Яҡуптың баш балаһы Рәүвән. Рәүвәндең улдары: Ханох, Паллу, Хесрон һәм Карми. Шимғондың улдары: Йемуил, Ямин, Оһад, Яхин, Сохар һәм ҡәнғәниҙәрҙән алған ҡатынының улы Шаул. Левиҙең улдары: Гершон, Ҡыһаҫ һәм Мерари. Йәһүҙәнең улдары: Ғер, Онан, Шела, Пәрәс һәм Зерах. Ғер менән Онан Ҡәнғәндә саҡта уҡ вафат булды, ә Пәрәстең Хесрон һәм Хамул исемле улдары тыуҙы. Исасхарҙың улдары: Толағ, Пуа, Йов һәм Шимрон. Зевулундың улдары: Сәрәд, Элон һәм Яхлеил. Былар Яҡуптың Лиәнән тыуған балалары. Лиә уларҙы һәм ҡыҙы Динәне Паддан-Арамда тапҡайны. Яҡуптың улдары һәм ҡыҙҙары йәмғеһе утыҙ өс кеше ине. Ғадтың улдары: Сифион, Хагги, Шуни, Әсбон, Ғери, Ароди, Арели. Ашерҙың улдары: Имна, Ишуа, Ишуи һәм Бериға. Уларҙың ҡыҙ туғаны Сәрах. Бериғаның улдары: Хәвәр һәм Малкиил. Былар – Лавандың ҡыҙы Лиәгә хеҙмәтсе итеп биргән Зилпа менән Яҡуптан таралған нәҫел. Улар барлығы ун алты кеше. Яҡуптың ҡатыны Рәхиләнән тыуған улдары: Йософ менән Бинйәмин. Йософтоң Мысырҙа Он ҡалаһының ҡаһины Потиферағтың ҡыҙы Аснаҫтан Менашше менән Әфраим исемле ике улы тыуҙы. Бинйәминдең улдары: Белағ, Бәхәр, Ашбел, Гера, Нағаман, Әхи, Рош, Муппим, Хуппим һәм Ард. Яҡуп менән Рәхиләнән таралған нәҫел: барлығы ун дүрт кеше. Дандың улы: Хушим. Нафталиҙың улдары: Яхсеил, Гуни, Йесәр һәм Шиллем. Былар – Лавандың ҡыҙы Рәхиләгә биргән Билһанан таралған нәҫел: барлығы ете кеше. Улдарының ҡатындарынан башҡа, Яҡуп нәҫеленән булған һәм уның менән бергә Мысырға күсеп килгән кешеләр бөтәһе алтмыш алты ине. Былар барыһы ла Яҡуптың нәҫеле. Йософтоң Мысырҙа тыуған ике улы менән бергә Яҡуптың Мысырға күскән ғаиләһе етмеш кешенән тора ине. Яҡуп Гошен юлын белешер өсөн Йәһүҙәне Йософҡа алдан ебәргәйне. Улар Гошенға етеп килгәндә, Йософ арбаһын егергә ҡушты ла Гошенға атаһын ҡаршыларға китте. Атаһын күреү менән, атлығып уның муйынына барып һарылды һәм ҡосағында бик оҙаҡ иланы. Исраил Йософҡа: – Һине имен-аман күрҙем, инде үлһәм дә үкенмәйем, – тине. Йософ ағаларына һәм барлыҡ туған-ырыуына: – Хәҙер фирғәүенгә, минең яныма Ҡәнғәндән ағайҙарым менән атайымдың ғаиләһе килде, тип хәбәр итергә барам, – тине. – Улар мал бағыусылар, һарыҡ көтәләр, үҙҙәре менән ваҡ һәм эре малдарын, бөтә мөлкәттәрен алып килгәндәр, тип әйтәм. Фирғәүен һеҙҙе саҡырып: «Нимә менән шөғөлләнәһегеҙ?» – тип һораһа, былай тип яуап бирегеҙ: «Беҙ ҡолдарың, ата-бабаларыбыҙ кеүек, бала саҡтан уҡ мал көтәбеҙ». Шул саҡта һеҙҙе Гошен ерендә төйәкләндерер, сөнки мысырҙар мал көтөүселәрен ерәнгес һанай. Фирғәүен янына барғас, Йософ былай тине: – Ҡәнғәндән атайым менән ағайҙарым килде, үҙҙәре менән барлыҡ мал-тыуарын, булған мөлкәттәрен алып килгәндәр. Әле улар Гошен ерендә. Йософ фирғәүен янына биш ағаһын алып килгәйне. Фирғәүен уларҙан: – Ни менән көн күрәһегеҙ? – тип һораны. – Беҙ ҡолдарың, ата-бабаларыбыҙ кеүек, һарыҡ көтәбеҙ, – тип яуап ҡайтарҙы Йософтоң ағалары. Тағы былай тип өҫтәнеләр: – Беҙ был ергә йәшәргә тип күсенеп килдек. Ҡәнғәндә хәҙер бик ҡурҡыныс аслыҡ хөкөм һөрә, көтөүлектәр ҡороп кипте. Беҙ ҡолдарыңа Гошен ерендә төпләнергә рөхсәт итһәң ине. Фирғәүен Йософҡа: – Атайың менән туғандарың яныңа килгән, – тине. – Бөтә Мысыр иле һинең алдыңда. Әйҙә, уларҙы еребеҙҙең иң яҡшы төбәктәренә урынлаштыр. Йәшәһендәр Гошен ерендә. Әгәр араларында яраҡлы кешеләр табыла икән, уларға минең көтөүҙәремде лә көтөргә ҡуш. Шунан Йософ фирғәүен янына атаһы Яҡупты алып килде. Яҡуп фирғәүенгә фатиха бирҙе. Фирғәүен унан: – Һиңә нисә йәш? – тип һораны. – Йөҙ ҙә утыҙ йыл йәшәнем яҡты донъяла, – тип яуап бирҙе Яҡуп. – Был бик күп түгел, әммә ул йылдар бик ауыр булды. Уларҙы ата-бабаларымдың ғүмере менән сағыштырырлыҡ түгел. Яҡуп, фирғәүенгә тағы фатиха ҡылып, уның янынан сыҡты. Йософ, фирғәүен ҡушҡанса, атаһы менән ағаларын Мысырҙың иң яҡшы еренә, Рағмесес төбәгенә урынлаштырҙы, шунда ер бүлеп бирҙе. Йософ атаһына, ағаларына, барлыҡ туған-ырыуына, ғаиләләге балалар һанына ҡарап, ризыҡ өләште. Ул арала ҡытлыҡ шул тиклем көсәйҙе, бөтә илдәрҙә икмәктең әҫәре лә ҡалманы. Мысыр менән Ҡәнғән ере тамам бөлдө. Халыҡҡа иген һатып, Йософ фирғәүен ҡаҙнаһына Мысыр һәм Ҡәнғән ерендәге бөтә көмөштө йыйып алды. Мысырҙа ла, Ҡәнғәндә лә көмөш бөткәс, Мысыр халҡы Йософҡа: – Икмәк бир беҙгә! Күҙ алдыңда ятып үләйекме ни? Көмөшөбөҙ бөттө, – тип ялбарҙы. – Көмөшөгөҙ бөтһә, – тине Йософ, – мал килтерегеҙ, икмәкте малға алыштырырмын. Улар көтөү-көтөү малдарын алып килде, Йософ икмәкте мал-тыуарға: ат, һарыҡ, кәзә, һыйыр, ишәктәргә алмашып бирә башланы. Бер йыл буйы шулай булды. Икенсе йылды мысырҙар йәнә Йософҡа килделәр: – Хакимыбыҙҙан йәшерене юҡ, көмөшөбөҙ ҙә бөттө, мал-тыуарыбыҙ ҙа – барыһы ла һин әфәнде ҡулына күсте, – тине улар. – Йәнебеҙ менән ер биләмәбеҙҙән башҡа һиңә бирерлек бер нәмәбеҙ ҡалманы. Һинең күҙ алдыңда еребеҙ-ниебеҙ менән үлеп ятайыҡмы ни инде? Икмәккә алмашҡа үҙебеҙҙе лә, еребеҙҙе лә ал – беҙ еребеҙ менән бергә фирғәүендең ҡолдары булайыҡ. Тик орлоҡ ҡына бирә күр – үҙебеҙ тере ҡалайыҡ та ер буш ятмаһын. Шул рәүешле Йософ Мысырҙағы бөтә ерҙе фирғәүенгә һатып алып бөттө. Мысыр халҡы береһе лә ҡалмай уға ерен һатты – аслыҡ шул тиклем көслө ине. Бөтә ер фирғәүен милкенә күсте. Ә Мысыр кешеләренең барыһын да – илдең бер сигенән икенсе сигенә тиклем – Йософ фирғәүендең ҡолдары итте. Бары тик ҡаһиндарҙың ерҙәре генә һатып алынманы, сөнки уларҙың биләмәләре фирғәүен тарафынан үҙҙәренә беркетелгән һәм улар шулар иҫәбенә туҡланып йәшәй ине. Шуға күрә уларҙың ерҙәре һатылманы. Йософ халыҡҡа: – Һеҙҙе лә, баҫыуҙарығыҙҙы ла фирғәүенгә һатып алдым, – тине. – Инде орлоҡ алығыҙ ҙа сәсегеҙ. Ошо көндән башлап уңыштың биштән бер өлөшөн фирғәүенгә бирәсәкһегеҙ, ә биштән дүрт өлөшөн орлоҡҡа һәм үҙегеҙгә, балаларығыҙға, йорттағыларға ашарға ҡалдырасаҡһығыҙ. – Һин беҙҙе үлемдән ҡотҡарҙың! – тине Мысыр кешеләре. – Һин хакимыбыҙҙың күңеленә хуш килеп, фирғәүенгә ҡол булып йәшәйек. Йософ урынлаштырған ҡанун Мысырҙа бөгөн дә һаҡланып килә: ҡаһиндар ҡулындағы ер биләмәләренән башҡа, илдәге һәр биләмәнән алынған уңыштың биштән бер өлөшө фирғәүенгә бирелергә тейеш. Исраил нәҫеле Мысыр иленең Гошен төбәгендә урынлашты. Улар шунда ер биләп, артып-ишәйеп китте. Ун ете йыл йәшәне Яҡуп Мысырҙа, ул барлығы йөҙ ҙә ҡырҡ ете йыл ғүмер һөрҙө. Әжәле яҡынлашыуын һиҙеп, Исраил улы Йософто саҡырып алды ла: – Әгәр ҙә күңелеңә хуш килһәм, балам, ҡулыңды минең йән еремә ҡуй ҙа, һөйөүеңде һәм тоғролоғоңдо күрһәтеп ант ит. Зинһар, Мысырҙа ерләмә мине! – тине. – Ата-бабаларым хозурына күскәс, Мысырҙан алып китеп, улар ятҡан зыяратҡа ҡуй. – Нимә әйтһәң, шуны эшләрмен, – тип яуап бирҙе Йософ. – Ант ит, – тине Исраил. Йософ ант итте, ә Исраил ятҡан көйөнсә генә баш эйҙе. Бер аҙҙан Йософҡа: «Атайың ауырый», – тип хәбәр иттеләр. Ул ике улын – Менашше менән Әфраимды – үҙе менән алып юлға сыҡты. – Улың Йософ килде, – тинеләр Яҡупҡа. Яҡуп, барлыҡ көсөн йыйып, түшәгендә тороп ултырҙы. Йософҡа былай тине: – Бер ваҡыт Лузда, Ҡәнғән ерендә, миңә сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алла күренде. Фатихаһын биреп, Ул: «Мин һинең тоҡомоңдо үрсемле һәм күп һанлы итәм, һинән бик күп халыҡ тараласаҡ, ә был ерҙе мәңгелек милек итеп һинең нәҫел-ырыуыңа бирәм», – тип әйтте. – Инде хәҙер, һинең менән бергә, мин килгәнгә тиклем Мысырҙа тыуған ике улың да минеке, – тине Яҡуп Йософҡа. – Әфраим менән Менашше минең өсөн Рәүвән менән Шимғон кеүек үк. Ә уларҙан һуң тыуған балалар – һинеке, әммә улар ҙа оло ағаларының ырыуына ҡарар һәм уларҙың өлөшөнән мираҫ алыр. – Ә минең Рәхиләм, – тип дауам итте Яҡуп, – ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Паддандан ҡайтып килгән саҡта Ҡәнғәндә, Әфраҫанан алыҫ түгел юлда, вафат булды. Мин уны шунда – Әфраҫа юлында ерләнем. (Әфраҫа хәҙер «Бейт-Ләхәм» тип атала.) Исраил Йософтоң балаларына ҡарап: – Кемдәр былар? – тип һораны. – Былар минең улдарым, – тине Йософ, – уларҙы Алла миңә ошонда бирҙе. – Килтер уларҙы минең яныма, – тине Исраил, – фатихамды бирәйем. Исраилдың күҙҙәре ҡартлыҡтан томанланғайны инде – бик насар күрә ине. Йософ балаларын уның янына алып килде. Исраил уларҙы ҡосаҡлап үпте лә Йософҡа: – Һинең йөҙөңдө күрергә лә өмөтөм юҡ ине, бына Алла балаларыңды ла күрергә насип итте, – тине. Йософ, улдарын атаһының тубығынан алды ла, уның алдында йөҙтүбән ергә ҡапланды. Унан, кесе улы Әфраимды уң ҡулынан, өлкән улы Менашшены һул ҡулынан етәкләп, Исраил алдына алып килде. Улдарының кесеһе Исраилдың һул яғына, өлкәне уң яғына тура килә ине. Исраил, ҡулдарын алға табан салыштырып һуҙып, уң ҡулын кесеһе Әфраимдың, һул ҡулын баш бала булған Менашшеның башына һалды. Исраил, Йософто мөбәрәк ҡылып, былай тине: – Аллам – Һинән айырылманы ата-бабам Ибраһим вә Исхаҡ! Аллам – Һин бағыусымдыр минең ошо көнгә тиклем һәм һәр саҡ. Бөтә афәттәрҙән мине һаҡлаған фәрештә Ошо йәштәргә лә фатиха бирһен! Исемем, ата-бабам Ибраһим менән Исхаҡ исеме Ошо уландарҙың исемендә дауам итһен. Нәҫелдәре ер йөҙөндә ишәйгәндән-ишәйһен! Йософ атаһының уң ҡулын Әфраимдың башына һалғанын күрҙе лә, быны хушһынманы. Ул атаһының ҡулын Әфраимдан алып Менашшеның башына һалмаҡсы булды. – Улай түгел, атай, – тине Йософ. – Бына баш бала, уң ҡулыңды уның башына һал. Әммә Исраил баш тартты: – Беләм, – тине, – беләм мин, улым. Менашшеның тоҡомонан да бөйөк халыҡ тараласаҡ. Шулай ҙа кесеһе унан уҙып китер һәм бик күп халыҡтарға башланғыс һалыр. Шул көндө Исраил ейәндәрен фатихалап былай тине: – Киләсәктә үрнәк булыр исемегеҙ Исраилда: «Алла һине Әфраим һымаҡ, Менашше шикелле итһен!» – тип ҡабатлар исраилдар хәйер-доға теләгәндә. Шулай итеп, Яҡуп Әфраимды Менашшенан өҫтөн ҡуйҙы. Шунан Исраил Йософҡа былай тине: – Мин оҙаҡламай үлермен. Ләкин Алла һеҙҙең менән буласаҡ, ул һеҙҙе ата-бабаларығыҙҙың еренә кире ҡайтарасаҡ. Ә мин һиңә таулы ерҙе өҫтәп бирәм: һин ағай-энеләреңдән юғарыраҡ буласаҡһың. Мин уны әмөриҙәрҙән ҡылыс һәм уҡ менән яулап алғайным. Яҡуп улдарын саҡырып былай тине: – Эргәмә йыйылығыҙ, киләсәктә һеҙҙе ниҙәр көткәнен һөйләйем. Бергәләшеп тыңлағыҙ, Яҡуп улдары, Атағыҙ Исраилға ҡолаҡ һалығыҙ! Рәүвән, һин минең баш балам, ҡөҙрәтемһең, Ирлек ғәйрәтемдең тәүге емешеһең. Абруйың бөтәһенекенән дә өҫтөн, Көс-ҡеүәтең һәммәһенекенән дә күп! Әммә һин ташҡын һыу һымаҡ дыуамалһың, Инде хәҙер алдын була алмаҫһың. Сөнки атайыңдың түшәгенә ятып, Ятыр урынымды бысраттың. Шимғон менән Леви – бер туғандыр, Ҡылыстары – рәхимһеҙлек ҡоралылыр! Уртаҡ түгел улар менән минең уйым, Улар ҡорон урап үтә минең юлым. Асыуҙарында улар кеше үлтерҙе, Ҡыҙыҡ өсөн үгеҙ имгәттеләр. Әйҙә асыуҙары ҡәһәр алһын, Сөнки улар үтә рәхимһеҙ. Ҡарғыш төшһөн уларҙың рәхимһеҙ асыуына, Сөнки улар сикһеҙ-самаһыҙ! Мин уларҙы Яҡуп нәҫелендә бүлгесләрмен, Исраил ҡәүеме араһында таратырмын! Йәһүҙә, ағай-энең данлар, маҡтар һине! Дошмандарыңдың муйыны ҡулыңда булыр, Атайыңдың улдары алдыңда баш эйер. Табышы өҫтөндә дәһшәтле ҡалҡынған Йәш арыҫлан һин, Йәһүҙә. Гүйә ул арыҫлан – ырғыр алдынан ергә һырыҡҡан – Ошо хәлендә кем бар уны борсорға баҙнат иткән? Хужаһы килгәнгә тиклем Хакимлыҡ таяғы Йәһүҙәнең ҡулынан ысҡынмаҫ. Етәкселек уның нәҫел-ырыуынан китмәҫ. Ҡәүемдәр уның һүҙенән сыҡмаҫ. Уның ишәген бәйләр бау – йөҙөм ботағы булыр, Ишәк балаһын бәйләр бау – йөҙөм тәлгәше булыр. Кейемдәрен ул шарапта сайҡатыр, Өҫтөндәге сапанын йөҙөм һутында йыуыр. Шараптан күҙҙәре янып торор, Тештәре һөттән аҡ булыр. Ғүмер һөрөр Зевулун диңгеҙ яры буйында, Караптар туҡтай торған урында. Ерҙәренең сиге һуҙылыр Сидонға ҡәҙәр. Исасхар ул – көслө ишәк ише, Йөктәр араһында ята булыр; Ул тыныс һәм рәхәт урын, Күңеленә ятҡан бер ер күрһә, Йөк күтәрер өсөн һыртын ҡуйыр, Ауыр хеҙмәткә буйһонор. Дан Исраил ырыуҙарының береһе булып Үҙ халҡы өҫтөнән хөкөм ҡылыр. Дан йылан буласаҡ юлда ятҡан, Юлға сығып ятҡан ағыулы йылан. Аңғармаҫтан сағыр аттың аяғын, Һыбайлыһы салҡан йығылыр. Йә, Раббы! Ҡотҡарыуыңа өмөтләнәм. Кеше талаусылар Ғадтың юлын баҫыр, Үҙҙәрен таларға тип арттарынан ул да осор. Ашерҙың ризығы мул булыр, Батшалар унан һыйланыр. Нафтали – гүйә ирекле болан, Матур-матур балалар тыуҙырған болан. Йософтоң булмышы – емешле йөҙөмдөр, Инеш буйында үҫкән емешле ағастыр. Ботаҡтары диуарҙар өҫтөнән ашыр. Уҡсылар уға асырғанып һөжүм иттеләр, Дошманлашып өҫтөнә уҡ яуҙырҙылар. Әммә уның кереше булды һәр саҡ тартыулы, Сөнки уның ҡул көсөнөң сығанағы – Яҡуптың Ҡөҙрәтле Аллаһы, Исраилдың ҡаяһы һәм көтөүсеһе. Ул – атайыңдың Аллаһы, Ул ярҙамын бирер, Ул – сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе, фатиха бирер. Ул фатиха яуыр асмандан, Ул фатиха ҡалҡыр упҡындан, Әсә күкрәге һәм ҡарынынан. Атайыңдың хәйер-доғаһы мәңгелек тауҙар, Мәңгелек ҡалҡыулыҡтарҙан да артығыраҡ. Был бәрәкәттәрҙең һәммәһе Йософ өлөшөнә төшһөн, Туғандары араһында иң өҫтөн торғанына насип итһен! Бинйәмин йыртҡыс бүрегә оҡшаш; Иртәнге ауын ашап бөтөрөр, Кисен яумалын өлөшләп бүлер. Исраил нәҫеленең ун ике ырыуы бына шулар. Аталары уларҙы мөбәрәк ҡылып ошо һүҙҙәрҙе әйтте һәм һәр береһенә уға тейешле фатихаһын бирҙе. Яҡуп, улдарына васыят әйтеп, былай тип бойорҙо: – Оҙаҡламай мин үлеп, ата-бабаларыма ҡушылырмын. Мине ата-бабаларым янына, хитти Ғәфрон баҫыуындағы мәмерйәлә ерләгеҙ. Был мәмерйә Ҡәнғән ерендә, Мамре янында, Махпела баҫыуында булыр, ә ул баҫыуҙы ҡартатайым Ибраһим хитти Ғәфрондан зыярат урыны итеп һатып алған. Ибраһим менән ҡатыны Сара ла, Исхаҡ менән ҡатыны Рабиға ла шунда дәфен ҡылынған, мин Лиәне лә шунда ҡуйҙым. Баҫыу менән ундағы мәмерйә хиттиҙәрҙән һатып алынған. Улдарына ошо васыяттарын әйтеп бөткәндән һуң, Яҡуп түшәгенә һуҙылып ятты ла, һуңғы һулышын алып, халҡының ата-бабалары менән ҡушылды. Йософ атаһының өҫтөнә йығылды, илай-илай мәрхүмде үпте. Һуңынан үҙ хеҙмәтендәге табиптарға атаһының мәйетен бәлзәмләргә әмер бирҙе. Табиптар Исраилды бәлзәмләргә кереште. Был эш ҡырҡ көн буйы дауам итте, сөнки бәлзәмләү өсөн шул тиклем ваҡыт талап ителә ине. Мысырҙар етмеш көн Исраил өсөн йәш түкте. Матәм көндәре тамамланғас, Йософ фирғәүендең һарай әһелдәренә мөрәжәғәт итеп: – Әгәр ҙә күңелегеҙгә хуш килһәм, фирғәүенгә әйтегеҙ әле, – тине. – Атайым минән ант иттереп: «Бына мин үләм. Мине Ҡәнғәндә, үҙем өсөн алдан әҙерләп ҡуйған ҡәбергә ҡуй», – тигәйне. Мин фирғәүендең атайымды шунда алып барып ерләп ҡайтырға рөхсәт итеүен һорайым. Фирғәүен рөхсәт бирҙе. – Бар, атайыңды ҡуйып ҡайт. Антыңды үтә, – тине. Йософ атаһын ерләргә тип юлға сыҡты, уның менән бергә фирғәүендең барлыҡ түрәләре, бөтә һанаттары, Мысыр иленең аҡһаҡалдары, Йософтоң бар ғаиләһе, ағай-энеһе һәм атаһының өйөндәге кешеләр китте. Гошен ерендә бары тик бала-саға менән мал-тыуар ғына ҡалды. Улар менән бергә атлылар һәм арбалылар ҙа юлға сыҡты, шуға күрә ҙур бер төркөм булып барҙылар. Иордан аръяғындағы Горен-Атадҡа барып еткәс, улар күмәкләшеп ҡысҡырып илай-илай матәм йолаһын үткәрҙеләр. Йософ атаһы өсөн ете көн йәш түкте. Ҡәнғәндә йәшәгән кешеләр Горен-Атадтағы матәмде күреп: – Ҡара, нисек үкһеп илай был мысырҙар! – тиеште. Шуға ла Иордан аръяғындағы был урын Авел-Мисраим тип атала. Яҡуптың улдары аталарының ихтыярын үтәне: уны Ҡәнғәнгә алып ҡайтып, Мамре ҡаршыһындағы Махпела баҫыуында булған мәмерйәлә дәфен ҡылдылар. Был мәмерйәне Ибраһим хитти Ғәфрондан зыярат урыны итеп баҫыуы менән бергә һатып алғайны. Атаһын ерләгәс, Йософ, уның ағай-энеһе, улар менән барған бөтә кешеләр Мысырға әйләнеп ҡайтты. Аталары үлгәндән һуң, Йософтоң ағалары уйға ҡалды: «Әгәр Йософ беҙгә элеккесә асыу һаҡлап, беҙҙән күргән яуызлыҡ өсөн үс алырға теләһә, ни эшләрбеҙ?» Шуға күрә Йософҡа хәбәр ебәрҙеләр: «Вафаты алдынан атайың былай тип васыят итте: барып Йософҡа әйтегеҙ: „Һинән шуны һорайым: ағайҙарыңдың гонаһын, ғәйептәрен – һиңә күрһәткән яуызлыҡтарын ярлыҡаһаң ине“. Инде һин беҙҙе, атайың Аллаһының ҡолдарын, ғәфү итә күр инде!» Йософ был һүҙҙәрҙе илай-илай тыңланы. Шунан туғандары килеп, уның алдында ергә ҡапланды: – Бына беҙ һинең ҡолдарың! – тинеләр. Йософ уларға: – Ҡурҡмағыҙ, – тип яуап бирҙе. – Мин Алламы ни? Һеҙ миңә ҡаршы уйлаған золом Алланың ихтыяры менән яҡшылыҡҡа әүерелде: әле күреп тораһығыҙ, шул арҡала күпме кеше ҡотҡарылды! Ҡурҡмағыҙ. Мин һеҙҙе һәм балаларығыҙҙы хәстәрләрмен. Күңелдәренә хуш килерҙәй һүҙҙәр әйтеп, Йософ туғандарын тынысландырҙы. Йософ бөтә нәҫел-ырыуы менән Мысырҙа төпләнде. Ул йөҙ ҙә ун йыл йәшәне; уға бүләләрен – Әфраимдың ейәндәрен күрергә, Менашшеның улы Махирҙың яңы тыуған балаларын алдына алырға насип булды. Бер көндө Йософ туғандарына: – Оҙаҡламай мин үлермен, – тине. – Ләкин бер көн килер: Алла һеҙгә ярҙам итер, һеҙҙе бынан Үҙе Ибраһимға, Исхаҡҡа һәм Яҡупҡа бирергә ант иткән ергә алып китер. Йософ Исраил улдарынан ант иттерҙе: – Алла һеҙгә мотлаҡ ярҙам итер, – тине. – Мысырҙан сыҡҡан сағығыҙҙа минең һөйәктәремде лә бынан алып китегеҙ. Йософ йөҙ ҙә ун йәшендә вафат булды. Уны бәлзәмләп, Мысырҙа бер табутҡа һалдылар. Бына аталары Яҡуп менән бергә ғаиләләрен алып Мысырға килгән улдарының исемдәре: Рәүвән, Шимғон, Леви, Йәһүҙә, Исасхар, Зевулун, Бинйәмин, Дан, Нафтали, Ғад һәм Ашер. Яҡуп нәҫеленән барлығы етмеш кеше булып, Йософ ул заманда Мысырҙа йәшәй ине инде. Йылдар үткәс, Йософ вафат була, уның ағалары һәм ҡустылары, уларҙың бөтә быуыны үлеп бөтә. Әммә Исраил нәҫеле үрсеп, күбәйеп китә, көсәйә һәм тотош илгә тарала. Мысырҙа тәхеткә Йософ тураһында бер нәмә лә белмәгән яңы батша ултырҙы. Ул үҙ халҡына: – Ҡарағыҙ әле, исраилдар ҡайһылай ишәйгән, улар беҙҙән ҡеүәтлерәк. Тағы ла артмаһындар өсөн, әйҙә, берәй әмәлен табайыҡ. Юғиһә, һуғыш-фәлән сыға ҡалһа, дошмандар менән берләшеп, беҙгә ҡаршы ҡорал күтәрерҙәр, илде ташлап китерҙәр, – тине. Халыҡты ауыр эш менән баҫыр өсөн өҫтән ҡарауыл ҡуйҙылар. Исраилдар фирғәүенгә Пиҫом һәм Рағмесес ҡалаларын һалып бирҙе. Унда иген һәм башҡа нәмәләр һаҡлана торған келәттәрҙе урынлаштырҙылар. Ләкин Исраил халҡын ни хәтлем нығыраҡ ғазаплаһалар, улар шул тиклем тиҙерәк ишәйҙе. Шуға ла мысырҙар уларҙан ҡурҡа башланы һәм һис аяу белмәй эшләтте. Исраил халҡының бөтә ғүмере интектергес әсе эштән ғибәрәт булды: улар балсыҡ баҫты, кирбес һуҡты, ҡырҙа бил бөктө, башҡа төрлө эштәр башҡарҙы – һис йәлләп торманылар уларҙы. Мысыр батшаһы кендек инәһе булған ғиври ҡатындарына – уларҙың береһенең исеме Шифра, икенсеһенеке Пуға ине: – Ғиври ҡатындары бала тапҡанда ҡарағыҙ, малай тыуһа – үлтерегеҙ, ҡыҙ бала тыуһа – иҫән ҡалдырығыҙ, – тине. Әммә кендек инәләре Алланан ҡурҡты, Мысыр батшаһының бойороғон үтәмәне: ир балаларҙың ғүмерен өҙмәне. Мысыр батшаһы уларҙы яңынан саҡыртып алды ла: – Ниңә һеҙ шулай итәһегеҙ? – тип һораны. – Нишләп ир балаларҙы иҫән ҡалдыраһығыҙ? – Ғиври бисәләре Мысыр ҡатындары һымаҡ түгел, уларҙың һаулыҡтары ныҡ, кендек инәһе килеп еткәнсе үк баланан ҡотолоп ҡуялар, – тип яуапланы улар фирғәүенгә. Фирғәүен шул саҡ үҙ халҡына былай тип бойорҙо: – Ғивриҙәрҙең яңы тыуған ир балаларын Нил һыуына ташлағыҙ, ҡыҙҙарын иҫән ҡалдырығыҙ. Шул мәлдә Леви нәҫеленән бер кеше үҙ ырыуынан кәләш алды. Ҡатыны, ауырға ҡалып, ир бала тапты һәм, малайҙың бик күркәм икәнен күреп, өс ай буйы йәшереп тотто. Артабан йәшерерлеге ҡалмағас, ҡамыштан үрелгән кәрзин алып, уның тишек-тошоғон ыҫмала менән һыланы ла, сабыйҙы шунда һалып, йылға буйындағы ҡамыш араһында ҡалдырҙы. Баланың апаһы йыраҡтан ғына, нимә булыр икән, тип күҙәтеп торҙо. Бына фирғәүен ҡыҙы йылғаға һыу инергә төштө. Хеҙмәтсе ҡыҙҙары яр буйында ҡалды. Фирғәүен ҡыҙы ҡамыш араһында кәрзин күреп ҡалды ла ҡолиәһенә уны алып килергә ҡушты. Асып ҡараһа, бала ята. Сабый буҫығып илай. Фирғәүен ҡыҙы баланы йәлләне. – Ғиври балаһы был, – тине ул. Малайҙың апаһы фирғәүен ҡыҙынан: – Барып берәй ғиври ҡатынын саҡырайыммы? – тип һораны. – Һинең өсөн баланы имеҙер. – Саҡыр, – тине фирғәүен ҡыҙы. Ҡыҙыҡай баланың әсәһен барып алып килде. Фирғәүен ҡыҙы уға: – Бынау баланы ал да миңә имеҙеп үҫтереп бир. Хаҡын түләрмен, – тине. Ҡатын сабыйҙы алды ла ҡарап үҫтерҙе. Бала ҙурайғас, уны фирғәүен ҡыҙына алып килеп бирҙе. Уны фирғәүен ҡыҙы улы һымаҡ күрҙе, Муса тип исем ҡушты. – Мин уны һыуҙан тартып сығарҙым, – тине. Байтаҡ йылдар үтте. Муса үҫеп егет булды. Ул бер ваҡыт ҡан-ҡәрҙәштәре янына килде, уларҙың ауыр эштән интегеүҙәрен күрҙе. Ҡараһа, бер мысыр кешеһе ғивриҙе туҡмап ята. Муса ян-яғына ҡарап алды ла, бер кем дә күренмәгәс, теге мысырҙы үлтереп, мәйетен ҡомға күмде. Иртәгәһенә Муса әлеге урынға ҡабат килде – ике ғивриҙең талашҡанын күрҙе. – Ниңә ҡәрҙәшеңә һуғаһың? – тип һораны Муса йәберләүсенән. – Кем һине беҙҙең өҫтән түрә һәм хөкөмдар итеп ҡуйҙы? Әллә мине лә, теге мысыр кешеһен үлтергән шикелле, үлтерергә итәһеңме? – тине теге. Муса ҡурҡыуға ҡалды: «Минең нимә эшләгәнем билдәле булғандыр, ахыры», – тип уйланы. Был хәлде ишеткәс, фирғәүен Мусаны үлтертмәк булды. Ләкин Муса мидйәндәр иленә ҡасып китте. Бында килеп етеп, бер ҡоҙоҡ янына ултырҙы. Мидйән ҡаһинының ете ҡыҙы бар ине. Бына улар ҡоҙоҡтан һыу килеп алды ла тағараҡтарға тултырҙы – аталарының һарыҡ-кәзәләрен эсермәксе булды. Әммә шул саҡ көтөүселәр килеп уларҙы ҡыуып ебәрҙе. Муса, ултырған еренән тороп, ҡыҙҙарҙы яҡлашты, уларҙың малын эсерҙе. Ҡыҙҙар өйҙәренә ҡайтып кергәс, аталары Реғуил: – Ниңә бөгөн улай тиҙ ҡайттығыҙ? – тип һораны. – Ниндәйҙер бер мысыр кешеһе беҙҙе көтөүселәрҙән яҡлашты, хатта, һыу алып, беҙҙең малдарҙы эсерҙе, – тине ҡыҙҙары. – Ҡайҙа һуң ул? – тип һораны аталары. – Ниңә ҡалдырып киттегеҙ? Барығыҙ, ашарға саҡырығыҙ. Муса был кешелә ҡалырға булды. Тегеһе Мусаға ҡыҙы Сиппораны кәләш итеп бирҙе. Сиппора ауырға ҡалып бер ул тапты. Муса улына Гершом тип исем ҡушты, «Мин сит ерҙә килмешәк булдым», – тине. Йылдар үтте. Мысыр батшаһы вафат булды. Исраил халҡы ауыр эштән иңрәне, ярҙам һорап ялбарҙы – һәм уларҙың һыҡтауы Аллаға барып етте. Алла уларҙың ялбарыуын ишетте, Ибраһим, Исхаҡ һәм Яҡуп менән булған килешеүен иҫенә төшөрҙө. Алла Исраил халҡына баҡты – уларҙың хәлдәрен аңланы. Муса ҡайныһы, мидйән ҡаһины Итроның һарыҡтарын көтә ине. Бер көн ул, көтөүен йыраҡ сүлгә ҡыуып, Алла тауы Хоревҡа барып сыҡты. Унда Раббының фәрештәһе уға сәнскәкле ҡыуаҡ араһынан ялҡын булып күренде. Муса ҡыуаҡтың ялҡынланып яныуын, әммә янып бөтмәүен күрҙе. – Барып ҡарайым әле, – тине ул үҙ-үҙенә. – Был ни хикмәт? Нишләп ҡыуаҡ янып бөтмәй? Раббы, Мусаның яҡын килгәнен күреп, ҡыуаҡ эсенән: – Муса, Муса! – тип өндәште. – Эйе, мин, – тине тегеһе. Алла: – Бында яҡын килмә. Аяҡ кейемеңде сис, сөнки һин баҫып торған урын – мөҡәддәс ер, – тине. Шунан Ул Мусаға: – Мин – атаңдың Аллаһы, Ибраһимдың Аллаһы, Исхаҡтың Аллаһы һәм Яҡуптың Аллаһымын, – тине. Муса, Аллаға ҡарарға ҡурҡып, битен ҡапланы. Раббы Мусаға: – Халҡымдың Мысырҙа ни ҡәҙәр яфаланғанын күрҙем, ҡарауылсылар ҡыҫырыҡлауынан иңрәгәндәрен ишеттем! Уларҙың ни тиклем интеккәнен беләм. Шуға күрә уларҙы мысырҙарҙан ҡотҡарырға тип төштөм. Был илдән сығарып, һөт һәм бал ағып ятҡан иркен, күркәм ергә – ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, әмөриҙәр, перизиҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр еренә алып барасаҡмын. Эйе, Исраил халҡының аһ-зарҙары Миңә килеп етте: уларҙың мысырҙарҙан иҙелгәндәрен күреп-белеп торам. Шуға күрә лә, бар! Мин һине фирғәүен янына ебәрәм: халҡым исраилдарҙы Мысырҙан алып сыҡ! – Фирғәүенгә барып, Исраил халҡын Мысырҙан алып сығырға мин кем һуң? – тип һораны Муса Алланан. Алла уға: – Мин һинең менән булырмын. Һине Минең ебәреүемә шундай билдә булыр: халыҡты Мысырҙан сығарғанда ошо тауҙа Миңә ғибәҙәт ҡыласаҡһығыҙ, – тине. Муса Аллаға былай тине: – Бына мин Исраил халҡына килермен дә: «Мине һеҙгә ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы ебәрҙе», – тиермен. Улар: «Уның исеме кем?» – тип һораһа, нимә тип яуап ҡайтарырмын? Алла Мусаға былай тине: – Бар Булыусы Мин. Исраил халҡына: «Мине һеҙгә Мин – Бар Булыусы ебәрҙе», – тип әйт. Алла йәнә Мусаға: – Исраил халҡына: «Мине һеҙгә ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы – Ибраһим Аллаһы, Исхаҡ Аллаһы, Яҡуптың Аллаһы Йәһүә ебәрҙе», – тип әйт. Был Минең мәңгелек исемем. Мине быуындан-быуынға шул исем менән белерҙәр. Бар, Исраил аҡһаҡалдарын йый ҙа уларға тапшыр: Раббы, ата-бабаларығыҙ Аллаһы – Ибраһим, Исхаҡ, Яҡуп Аллаһы миңә күренде һәм: «Мин һеҙгә илтифат иттем. Мысырҙа башығыҙға төшкән яфаларҙың барыһын да күрҙем. Шуға күрә һүҙ бирәм: һеҙҙе Мысырҙа сиккән михнәттәрҙән ҡотҡарам; ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, әмөриҙәр, перизиҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр еренә – һөт менән бал ағып ятҡан ергә алып барам». Исраил аҡһаҡалдары һине тыңлар. Улар һинең менән бергә Мысыр батшаһына барыр. Һеҙ уға: «Беҙгә Раббы – ғивриҙәр Аллаһы күренде. Инде беҙгә өс көнлөк юлда ятҡан сүлгә барып, Аллабыҙ Раббыға ҡорбан килтерергә рөхсәт ит», – тип әйтерһегеҙ. Әммә беләм, Мысыр батшаһы, әгәр бер ҡөҙрәтле ҡул мәжбүр итмәһә, һеҙгә китергә рөхсәт бирмәйәсәк. Ҡулымды һонормон да, төрлө хикмәттәр ҡылып, Мысырҙы язалармын – шунан һуң ул һеҙҙе ебәрер. Мин шулай итермен: мысырҙарҙа һеҙгә ҡарата миһырбан тойғоһо уятырмын. Унан буш ҡул менән китмәҫһегеҙ. Һәр ҡатын күршеһенән йәки яҡын-тирәлә йәшәгән башҡа ҡатындарҙан алтын-көмөш әйберҙәр, кейем һорап алыр. Һеҙ улдарығыҙ, ҡыҙҙарығыҙҙы шулар менән биҙәрһегеҙ. Мысырҙан бай табыш менән китерһегеҙ. Муса: – Әгәр ҙә улар миңә ышанмаһа, һүҙемде тыңламаһа, «Раббы һиңә күренмәгән!» – тиһә, миңә нимә эшләргә? – тип һораны. – Ҡулыңда нимә? – тип һораны Раббы. – Таяҡ, – тип яуапланы Муса. – Уны ергә ташла, – тине Раббы. Муса таяғын ергә ташлағайны, таяҡ йыланға әүерелде. Муса ҡурҡып ҡаса башланы. – Ҡулыңды һуҙ ҙа ҡойроғонан тот, – тине Раббы. Муса, ҡулын һоноп, ҡойроғонан тотҡайны, йылан йәнә таяҡҡа әйләнде. – Быны улар һиңә Раббы, ата-бабаларының Аллаһы – Ибраһим Аллаһы, Исхаҡ Аллаһы, Яҡуп Аллаһы күренгәненә ышанһындар өсөн эшлә, – тине Раббы. Шунан Раббы: – Ҡулыңды ҡуйыныңа тыҡ, – тине. Муса ҡулын ҡуйынына тыҡты. Кире сығарғайны, ҡулы махау ауырыуынан ҡар һымаҡ ап-аҡ булған. – Ҡулыңды тағы ҡуйыныңа тыҡ, – тине Раббы. Муса ҡабат ҡулын ҡуйынына тыҡты. Кире сығарғайны, ҡулы йәнә тәненең башҡа урындары һымаҡ тап-таҙа ине. – Әгәр улар һиңә ышанмаһа, тәүге хикмәткә иғтибар итмәһә, икенсеһенә ышаныр. Хатта ошо ике хикмәткә лә ышанмаһалар һәм әйткәндәреңә ҡолаҡ һалмаһалар, Нилдан һыу алып ергә түк. Йылға һыуы тупраҡҡа тейеү менән ҡанға әйләнер. Ләкин Муса Раббыға: – Эй бөйөк Хакимым! Телгә шәп түгелмен мин. Элек тә телгә оҫталығым юҡ ине, әле Һин мин ҡолоң менән һөйләшкәндә лә килешле итеп һөйләй белмәйем. Мин тотлоғам, һаҡаумын, – тип ялбарҙы. – Кешегә телде кем бирә? – тине Раббы. – Кем телһеҙ йәки һаңғырау итә? Кем күҙҙәрҙе осҡор йәки һуҡыр итә? Мин, Раббы, түгелме ни? Инде бар! Һөйләгән сағыңда Мин һинең яныңда булырмын; нимә әйтергә кәрәклеген Үҙем өйрәтеп торормон. – Эй бөйөк Хакимым! – тип ялбарҙы Муса. – Икенсе берәүҙе ебәрһәңсе. Раббының Мусаға асыуы ялҡынланып китте. – Әллә Леви нәҫеленән булған Һарун һинең ағайың түгелме? Уның телгә шәплеген беләм. Ул инде һине ҡаршыларға сыҡты, һине күреп, ысын күңелдән шатланыр, – тине Ул. – Уның менән һөйләш, нимә әйтергә кәрәклеген аңлат. Һөйләгәндә икегеҙгә лә ярҙам итермен, эргәгеҙҙә булырмын, ни эшләргә икәнен өйрәтермен. Һинең урыныңа халыҡ менән Һарун һөйләшер. Ул һиңә ауыҙ һымаҡ, ә һин уға Алла һымаҡ булырһығыҙ. Был таяғыңды ал: уның менән мөғжизәләр ҡылырһың. Муса ҡайныһы Итро янына ҡайтып: – Рөхсәт ит, мин Мысырға ҡәрҙәштәрем янына ҡайтып киләйем, иҫән-һауҙармы икән, күрәйем, – тине. – Бар, иҫән-аман йөрө, – тине Итро. Мидйән ерендә Раббы Мусаға: – Бар, Мысырға ҡайт, һинең йәнеңде ҡыйырға теләгәндәрҙең бөтәһе лә үлеп бөттө, – тине. Муса ҡатыны менән улдарын ишәккә атландырҙы ла, Алла әйткән таяғын ҡулына алып, Мысырға юлланды. – Мысырға әйләнеп ҡайтҡас, Минең ҡөҙрәтем менән тыуҙырылған был мөғжизәләрҙең бөтәһен дә фирғәүен алдында күрһәт. Ләкин Мин уның йөрәгенә тиҫкәрелек һалырмын һәм ул халыҡҡа китергә рөхсәт итмәҫ, – тине Раббы Мусаға. – Шул сағында фирғәүенгә әйтерһең: «Раббы былай ти: Исраил – Минең улым, Минең баш балам. Мин һиңә, улымды Миңә ғибәҙәт ҡылырға ебәр, тинем. Ебәрмәһәң, Мин һинең баш балаң булған улыңды үлтерәсәкмен». Улар юлда төнгөлөккә ҡунырға туҡтағанда, Раббы, Мусаны осратып, уны үлтермәк булды. Шул саҡ Сиппора, үткер саҡматаш алып, улының енес ағзаһының тиреһен киҫеп алды ла ул тирене Мусаның аяҡтарына тейҙереп: – Хәҙер инде һин минең ҡан аша йәрәшелгән кейәүем, – тине. Шунда Раббы Мусаны иҫән-аман ҡалдырҙы. Сиппора: «Сөннәт арҡаһында ҡан аша йәрәшелгән кейәү», – тип өҫтәне. Раббы Һарунға: – Бар, сүлгә барып, Мусаны ҡаршы ал, – тине. Һарун юлға сыҡты. Алла тауы янында Мусаны осратты, уны үбеп сәләмләне. Муса Һарунға үҙен ебәргән Раббының һүҙҙәрен еткерҙе, ниндәй хикмәттәр ҡылырға ҡушҡанын һөйләп бирҙе. Улар барып Исраилдың бөтә аҡһаҡалдарын йыйҙы. Һарун уларға Раббының Мусаға әйткән бөтә һүҙҙәрен түкмәй-сәсмәй һөйләп бирҙе. Муса иһә бөтә халыҡтың күҙ алдында хикмәттәр ҡылды. Халыҡ уға ышанды. Раббының уларҙы хәстәрләүен, ғазаптарын күреүен ишеткәс, эйелеп сәждә ҡылдылар. Бынан һуң Муса менән Һарун, фирғәүенгә барып, былай тине: – Исраил Аллаһы Раббы һиңә: «Халҡымды ебәр – сүлдә Минең өсөн байрам яһаһын!» – тип әйтә. Әммә фирғәүен: – Уны тыңлап, Исраил халҡын сығарып ебәрергә, кем һуң ул Раббы? Мин ул Раббыны белмәйем һәм Исраил халҡын ебәрмәйем, – тип яуапланы. – Беҙгә ғивриҙәр Аллаһы күренде, – тине Муса менән Һарун. – Өс көнлөк юлда ятҡан сүлгә барып, Аллабыҙ Раббыға ҡорбан килтерергә рөхсәт ит – юҡһа ул беҙҙе йә ҡырғын менән ҡырыр, йә ҡылыс менән юҡ итер. Әммә Мысыр батшаһы уларға былай тине: – Муса, Һарун! Ниңә һеҙ халыҡты эштән айырып йөрөйһөгөҙ? Эшегеҙҙә булығыҙ. Шунан фирғәүен: – Ҡарағыҙ, илдә халҡығыҙ күпме, ә һеҙ уларҙы эштән айыраһығыҙ, – тип өҫтәне. Шул уҡ көндө фирғәүен ҡарап эшләтеүселәргә лә, мөдирҙәргә лә: – Элек һеҙ кирбес һуғыр өсөн һалам бирә инегеҙ. Инде бирмәгеҙ – әйҙә, һаламды үҙҙәре эҙләп тапһын, – тип бойорҙо. – Ә кирбесте әүәлге күләмдә һуҡһындар – кәметмәгеҙ. Юҡһа улар ялҡауланды, шуға күрә «барып Аллабыҙға ҡорбан килтерәбеҙ» тип сүлгә ебәреүемде талап итәләр. Күберәк эш бирегеҙ – эшләһендәр, буш һүҙ тыңлап йөрөмәһендәр. Фирғәүен янынан сыҡҡас, ҡарап эшләтеүселәр менән мөдирҙәр халыҡҡа барып: – Фирғәүен бынан ары һеҙгә һалам бирмәҫкә ҡушты, – тип белдерҙеләр. – Һаламды үҙегеҙ ҡайҙан табаһығыҙ, шунан алығыҙ, кирбесте элеккенән кәм һуҡмағыҙ. Шул көндән башлап исраилдар, тотош Мысыр буйлап йөрөп, һалам урынына баҫыуҙан ҡамыл йолҡа башланы. Ҡарап эшләтеүселәр иһә: – Кирбесте көн һайын һаламығыҙ бар саҡтағы күләмдә һуғығыҙ, – тип талап итте. Фирғәүендең ҡарап эшләтеүселәре Исраил халҡынан булған мөдирҙәрҙе: «Ниңә һеҙ кисә һәм бөгөн көн һайын һуғырға тейешле кирбес һанын элекке күләмдә һуҡмайһығыҙ?» – тип туҡмай башланы. Исраилдарҙан булған мөдирҙәр фирғәүенгә ялыу итергә китте: – Ниңә һин беҙ ҡолдарың менән шулай итәһең? Беҙ ҡолдарыңа һалам бирмәйҙәр, ә кирбес һуғырға ҡушалар! Беҙ ҡолдарыңды туҡмайҙар! Былай ҡыланып, һинең кешеләр үҙ өҫтөнә ғәйеп ала, – тинеләр. Фирғәүен иһә: – Һеҙ артыҡ ялҡауланып киттегеҙ, шуға ла: «Әйҙә, Раббыға барып ҡорбан килтерәйек», – тиһегеҙ. Барығыҙ, эшләгеҙ! Һеҙгә һалам бирмәйәсәктәр, ә кирбесте элек күпме һуҡҡанһығыҙ, әле лә шул тиклем һуғырға тейешһегеҙ, – тине. «Көн һайын һуғырға тейешле кирбес һанын кәметмәгеҙ» тигәнде ишеткәс, мөдирҙәр иңдәренә төшкән бәләне аңланы. Фирғәүен янынан сыҡҡас, үҙҙәрен көтөп торған Муса менән Һарунға: – Һеҙҙең нимә эшләгәнегеҙҙе Раббы Үҙе күрһен, Ул һеҙҙе Үҙе хөкөм итһен. Һеҙҙең арҡала фирғәүен менән уның хеҙмәтселәре беҙҙе күрә алмаҫ булды. Беҙҙе үлтерһендәр өсөн уларҙың ҡулдарына ҡылыс тотторҙоғоҙ, – тинеләр. Муса ҡабат Раббыға мөрәжәғәт итте: – Эй бөйөк Хакимым! Ниңә Һин был халыҡты шул тиклем ғазапҡа дусар итәһең, ниңә мине бында ебәрҙең? Мин, фирғәүенгә килеп, Һинең исемеңдән телмәр тота башлағандан бирле, ул был халыҡҡа нығыраҡ ҡаныға. Һин иһә Үҙ халҡыңды ҡотҡарыр өсөн бер нәмә лә эшләмәнең. Раббы Мусаға: – Һин Минең фирғәүенде нимә эшләткәнемде күрерһең. Ҡулымдың ҡатылығы арҡаһында ул Исраил халҡын ебәрәсәк. Ҡулымдың ҡатылығы арҡаһында уларҙы үҙ еренән ҡыуасаҡ ул. Алла Мусаға былай тине: – Мин – Раббы. Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа «сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алла» исеме менән күрендем, ләкин уларға Үҙемдең «Раббы» исемем менән асылманым. Улар менән килешеү төҙөнөм Мин, Ҡәнғән ерен – улар илгиҙәр булып ил гиҙеп йөрөп килеп ултырған ерҙе – бирергә һүҙ нығыттым. Әле иһә, Исраил халҡының Мысыр ҡоллоғо аҫтында иңрәгәнен ишетеп, килешеүемде иҫкә төшөрҙөм. Шуға күрә Исраил халҡына әйт: «Мин – Раббы. Мин һеҙҙе мысырҙарҙың иҙеүенән ҡотҡарырмын, уларҙың ҡоллоғонан азат итермен. Мин Үҙемдең ҡөҙрәтем менән мысырҙарға ҡурҡыныс язалар ебәреп, һеҙҙе йолоп алырмын. Һеҙ – Минең халҡым, ә Мин һеҙҙең Аллағыҙ булырмын. Шул ваҡытта белерһегеҙ: һеҙҙе Мысыр иҙеүенән ҡотҡарған Мин Аллағыҙ Раббымын. Мин һеҙҙе Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа бирергә ант иткән ергә алып барырмын, уны һеҙгә биләмәгә бирермен. Мин – Раббы». Муса быларҙы Исраил халҡына еткерҙе, ләкин тегеләр тыңларға ла теләмәне, сөнки, ауыр эштән йонсоп, төшөнкөлөккә бирелгәндәр ине. Раббы Мусаға былай тине: – Бар, Мысыр батшаһы фирғәүенгә әйт, ул Исраил халҡына үҙ еренән китергә рөхсәт итһен. Әммә Муса: – Исраил халҡы тыңламағанды, нисек итеп мине фирғәүен тыңлаһын? Матур итеп һөйләй белмәйем мин, – тип яуапланы. Әммә Раббы Муса һәм Һарун менән һөйләшеп, уларға Исраил халҡына һәм Мысыр батшаһы фирғәүенгә ҡағылышлы бойороҡтар бирҙе, исраилдарҙы Мысыр еренән алып сығырға ҡушты. Бына исраилдарҙың нәҫел башлыҡтары: Исраилдың баш балаһы Рәүвәндең улдары: Ханох, Паллу, Хесрон, Карми. Рәүвән нәҫеле шуларҙан ғибәрәт. Шимғон улдары: Йемуил, Ямин, Оһад, Яхин, Сохар, Ҡәнғән иленән алған ҡатынының балаһы Шаул. Уларҙан Шимғон нәҫеле таралды. Бына нәҫел шәжәрәләренә күрә, олоһонан алып кесеһенә тиклем, Леви улдарының исемдәре: Гершон, Ҡыһаҫ, Мерари. Леви йөҙ ҙә утыҙ ете йыл йәшәне. Гершон улдары: үҙ зат-зәүерҙәре менән Ливни һәм Шимғи. Ҡыһаҫ улдары: Ғамрам, Исһар, Хеврон, Ғуззиил. Ҡыһаҫ йөҙ ҙә утыҙ өс йыл йәшәне. Мерариҙың улдары: Махли менән Муши. Былар барыһы ла – Леви нәҫелдәре. Ғамрам атаһының һеңлеһе Йохәвәдкә өйләнде. Йохәвәд Ғамрамға ике ул: Һарун менән Мусаны табып бирҙе. Ғамрам йөҙ ҙә утыҙ ете йыл йәшәне. Исһар улдары: Ҡорах, Нәфәг, Зихри. Ғуззиилдың улдары: Мишаил, Әлсафан, Сиҫри. Һарун Ғамминадавтың ҡыҙы, Нахшондың һеңлеһе Әлишевағты ҡатынлыҡҡа алды. Әлишевағ уға Надав, Авиһу, Әлғазар, Иҫамар атлы улдар табып бирҙе. Ҡорах улдары: Ассир, Әлҡана, Авиасаф. Ҡорах нәҫеле шуларҙан таралды. Һарундың улы Әлғазар Путиилдың бер ҡыҙына өйләнде. Уларҙың Пинхас исемле улдары тыуҙы. Левиҙәрҙең нәҫел башлыҡтары бына ошолар. Әлеге Һарун менән Мусаға Раббы: «Исраил халҡын, ғәскәр ише теҙеп, Мысырҙан сығарығыҙ!» – тип ҡушҡайны. Тап бына ошо Муса менән Һарун: «Исраил халҡын Мысырҙан сығар!» – тип Мысыр батшаһы фирғәүен алдында телмәр тотто. Ошонда, Мысыр ерендә, Муса менән һөйләшкән көндө, Раббы Мусаға: – Мин – Раббы. Мысыр батшаһы фирғәүенгә әйткәндәремдең бөтәһен дә еткер, – тине. – Матур һөйләй белмәйем шул, – тине Муса. – Фирғәүен мине тыңлар тиһеңме? Раббы Мусаға былай тине: – Ҡара, Мин һине фирғәүен алдына Алла һымаҡ ҡуйҙым, ә ағайың Һарун һинең пәйғәмбәрең булыр. Мин бойорғандарҙы һин ағайың Һарунға әйт, ә ул, Исраил халҡына үҙ иленән сығырға рөхсәт итһен өсөн, фирғәүенгә еткерер. Ләкин Мин фирғәүенде тиҫкәреләндерермен һәм Мысыр ерендә бихисап хикмәттәр менән мөғжизәләр ҡылырмын. Тик фирғәүен ул сағында ла һеҙҙе тыңларға теләмәҫ. Шунан һуң Мин, Үҙ ҡөҙрәтем менән мысырҙар өҫтөнә ҡурҡыныс язалар ебәреп, халҡым Исраилды, ғәскәр шикелле саф-саф теҙеп, Мысыр иленән алып сығырмын. Ҡулымды Мысыр өҫтөнә һуҙып, Исраил халҡын улар араһынан сығарған сағымда мысырҙар Минең Раббы икәнемде белер. Муса менән Һарун Раббы ҡушҡанса эшләне. Фирғәүен менән һөйләшкәндә, Мусаға – һикһән, Һарунға һикһән өс йәш ине. Раббы Муса менән Һарунға былай тине: – Әгәр ҙә ки фирғәүен һеҙҙән берәй мөғжизә күрһәтеүҙе һораһа, Муса, һин Һарунға әйт: таяғын фирғәүен алдына ергә ташлаһын – таяҡ йыланға әүерелер. Муса менән Һарун, фирғәүенгә килеп, Раббы ҡушҡанса эшләне. Һарун фирғәүендең һәм уның хеҙмәтселәренең алдында таяғын ергә ташлап ебәргәйне – таяҡ йыланға әйләнде. Фирғәүен иһә үҙенең аҡыл эйәләрен, сихырсыларын саҡырҙы. Улар, был Мысыр сихырсылары, үҙ тылсымдары менән шуны уҡ эшләне: Ергә ташлауға, һәр береһенең таяғы йыланға әйләнә торҙо. Әммә Һарундың таяғы тегеләрҙең таяҡтарын йотоп бөттө. Фирғәүен һаман да ҡарышты. Барыһы ла Раббы әйткәнсә булды – ул Муса менән Һарунды тыңламаны. Раббы Мусаға былай тине: – Фирғәүендең күңеле йомшармай, халыҡты ебәреүҙән баш тарта. Иртәгә иртәнсәк, фирғәүен йылға буйына барған саҡта, уның ҡаршыһына сыҡ. Ҡулыңда теге йыланға әйләнә торған таяғың булһын. Фирғәүенгә былай тип әйт: «Ғивриҙәр Аллаһы Раббы мине һиңә ебәреп: „Миңә ғибәҙәт ҡылһындар өсөн халҡыма сүлгә сығырға рөхсәт ит“, – тиергә ҡушҡайны. Ә һин һаман тыңламайһың. Шуға күрә Раббы былай ти: „Хәҙер һин Минең Раббы икәнемде белерһең“. Нил һыуына ҡулымдағы бынау таяҡ менән һуҡһам, һыу ҡанға әйләнер. Йылғалағы балыҡ үлеп бөтөр, йылға һаҫыр, Мысыр халҡы һыу эсергә ерәнер». Раббы былай тип дауам итте: – Һарунға әйт: «Таяғыңды күтәр ҙә Мысыр һыуҙары – йылғалары, арыҡтары, күлдәре, һәр төрлө һыу ятҡылыҡтары өҫтөнә һуҙ», – тигән. Уларҙағы һыу ҡанға әйләнер. Бөтөн Мысыр ерендә – хатта ағас һауыттарҙа ла, таш һауыттарҙа ла ҡан булыр. Муса менән Һарун Раббы ҡушҡанса эшләне. Фирғәүен һәм уның хеҙмәтселәренең күҙ алдында Һарун таяғы менән Нил һыуына һуҡҡайны – йылғалағы бөтә һыу ҡанға әйләнде. Нилдағы балыҡ ҡырылды, йылға шул хәтле һаҫыны, Мысыр халҡы унан һыу эсә алмаҫ булды. Бөтә Мысыр ерендә ҡан ине. Үҙҙәренең сихыры менән Мысыр сихырсылары ла шуны уҡ эшләне. Фирғәүен ҡарышыуын белде, Муса менән Һарунды тыңламаны. Барыһы ла Раббы әйткәнсә булды. Фирғәүен боролдо ла һарайына ҡайтып китте: быға ла иҫе китмәне. Мысыр халҡы йылға буйында ҡоҙоҡ ҡаҙа башланы – йылға һыуы эсерлек түгел ине. Раббының йылғаны ҡазалауына ете көн үтеп китте. Раббы Мусаға: – Бар, фирғәүенгә бар ҙа әйт, Раббы былай ти: «Миңә ғибәҙәт ҡылһын өсөн, халҡымды ебәр. Ебәрмәһәң, бөтә илеңде тәлмәрйен менән тултырам. Йылға-һыуҙарыңда тәлмәрйен мыжғып торор, улар һыуҙан сығып һарайыңа, йоҡо бүлмәңә, ятыр-торор урыныңа кереп тулыр, хеҙмәтселәреңдең, тотош халҡыңдың йорт-ерҙәрен баҫыр, мейесегеҙ, икмәк күнәктәрегеҙ тәлмәрйен менән тулыр. Улар үҙеңә лә, бөтә халҡыңа ла, хеҙмәтселәреңә лә маҙа бирмәҫ». Раббы Мусаға: – Һарунға әйт, таяғын йылғалар, арыҡтар, күлдәр өҫтөнә һуҙһын да тәлмәрйендәрҙе Мысыр еренә сығарһын, – тине. Һарун ҡулын Мысыр һыуҙары өҫтөнә һуҙҙы ла тәлмәрйендәр, һыуҙан сығып, бөтә Мысыр ерен баҫып алды. Сихырсылар ҙа тылсымдары менән шуны эшләне – Мысыр еренә тәлмәрйендәр ебәрҙе. Фирғәүен Муса менән Һарунды саҡырып алды ла: – Раббыға доға ҡылығыҙ, мине лә, халҡымды ла тәлмәрйендәрҙән арындырһын. Шул сағында Исраил халҡын Раббыға ҡорбан килтерергә ебәрермен, – тине. – Һинең өсөн, хеҙмәтселәрең һәм халҡың өсөн ҡасан доға ҡылырға икәнен үҙең әйт. Шунан тәлмәрйендәр һинең яныңдан һәм һарайыңдан китер, бары тик йылғала ғына ҡалыр, – тине Муса. – Иртәгә, – тип яуапланы фирғәүен. – Һин әйткәнсә булыр. Шул саҡта Аллабыҙ Раббының тиңе юҡлығын белерһең, – тине Муса. – Тәлмәрйендәр һинән, һарайҙарыңдан, хеҙмәтселәреңдән, халҡыңдан китер; улар бары тик йылғала ғына ҡалыр. Муса менән Һарун фирғәүен эргәһенән сыҡтылар. Муса Раббынан фирғәүенгә ебәргән бөтә тәлмәрйендәрҙе юҡ итеүен һорап ялбарҙы. Раббы Муса һорағанса эшләне: йорт эстәрендәге, урам буйҙарындағы, баҫыу-яландағы тәлмәрйендәр ҡырылып бөттө. Үлгән тәлмәрйендәрҙе өйөм-өйөм итеп йыйҙылар, ил буйлап һаҫыҡ еҫ таралды. Еңеллек килгәнен күреп, фирғәүен йәнә ҡарышты: Раббы алдан әйткәнсә, Муса менән Һарунды тыңламаны. Раббы Мусаға: – Һарунға әйт, таяғын күтәреп туҙанлы ергә һуҡһын – тотош Мысыр илендәге саң-туҙан себен-серәкәйгә әйләнер, – тип бойорҙо. Муса менән Һарун шулай эшләне: Һарун таяғын күтәреп туҙанлы ергә һуғыуы булды – кешеләрҙе, мал-тыуарҙы себен-серәкәй һырып алды. Бөтөн Мысыр ерендә саң-туҙан себен-серәкәйгә әйләнде. Сихырсылар ҙа тылсымдары менән себен-серәкәй ҡылып ҡараны – булдыра алманы. Кешеләрҙе лә, мал-тыуарҙы ла себен-серәкәй йонсотто. – Был Алла эше, – тине сихырсылар фирғәүенгә. Ләкин фирғәүен һаман ҡарышты, Раббы алдан әйткәнсә, Муса менән Һарунды тыңламаны. Раббы Мусаға былай тине: – Иртәгә иртә таңдан, фирғәүен йылға буйына барған саҡта, уның ҡаршыһына сыҡ та әйт: «Раббы былай тип әйтә, тиген: „Миңә ғибәҙәт ҡылыр өсөн халҡыма китергә рөхсәт ит. Рөхсәт итмәһәң, үҙеңә лә, хеҙмәтселәреңә лә, халҡыңа ла, йорттарыңа ла күгәүендәр юллайым. Бөтә мысырҙарҙың өйөндә, хатта уларҙың аяҡ аҫтындағы тупраҡта күгәүен мыжғыр. Ләкин ул көндө халҡым йәшәгән Гошен ерен айырып ҡуясаҡмын, унда күгәүендең әҫәре лә булмаҫ. Ошонан һин Мин Раббының ул ерҙә булғанын белерһең. Мин Үҙ халҡымды һинең халҡыңдан айырасаҡмын. Был хикмәт иртәгә булыр“». Раббы шулай эшләне лә: фирғәүен һарайын, уның хеҙмәтселәренең йорт-ерен, тотош Мысырҙы ҡара болот булып күгәүен баҫты: күгәүендән ер иңрәне. Фирғәүен Муса менән Һарунды саҡырып: – Барығыҙ, Аллағыҙға ҡорбанды ошо беҙҙең ерҙә килтерегеҙ, – тине. Ләкин Муса: – Улай итә алмайбыҙ, сөнки Аллабыҙ Раббыға килтергән ҡорбанды мысырҙар ерәнгес тип һанай. Улар ерәнгес тип ҡабул иткән ҡорбанды күҙ алдарында ҡылһаҡ, беҙҙе таш бәреп үлтермәҫтәрме? – тип ҡаршы төштө. – Беҙ Аллабыҙ Раббыға, Ул әйткәнсә, өс көнлөк юлда ятҡан сүлгә барып ҡорбан килтерергә тейешбеҙ. – Ярай, мин һеҙгә Аллағыҙ Раббыға сүлгә сығып ҡорбан килтерергә рөхсәт итермен, бары тик йыраҡ китмәгеҙ. Минең өсөн дә доға ҡылығыҙ, – тине фирғәүен. – Һинән сығыу менән Раббынан һорармын, иртәгә үк фирғәүен дә, уның хеҙмәтселәре лә, тотош Мысыр халҡы ла күгәүендән арыныр. Фәҡәт фирғәүен алдашыуҙан туҡтаһын, халыҡты Раббыға ҡорбан килтерергә ебәрмәй тормаһын, – тине Муса. Фирғәүендән сыҡҡас та Муса Раббыға ялбарҙы. Раббы уның һорағанын үтәне: фирғәүенде, уның хеҙмәтселәрен, тотош Мысыр халҡын күгәүендән ҡотҡарҙы. Бер күгәүен дә ҡалманы. Ләкин фирғәүен тиҫкәреләнеүен белде: халыҡты был юлы ла ебәрмәне. Раббы Мусаға былай тине: – Фирғәүен янына бар ҙа әйт: «Ғивриҙәр Аллаһы Раббы былай тип әйтә, тиген: „Миңә ғибәҙәт ҡылыр өсөн халҡыма китергә рөхсәт ит. Әгәр ебәрмәһәң, уны һаман тыйып тотһаң, һинең яландағы бөтә малыңа – аттарыңа, ишәктәреңә, дөйәләреңә, һыйырҙарыңа, һарыҡ-кәзәңә Раббының ҡаты ҡулы төшөр, аяуһыҙ үләт башланыр. Раббы Исраил халҡының малы менән Мысыр халҡының малын айырыр; исраилдарҙың бер генә баш малы ла ҡазаланмаҫ“». Раббы тәғәйен ваҡытын да билдәләне: «Быны Мин бөтә илдә иртәгә эшләйем», – тине. Иртәгәһенә Раббы әйткәнен эшләне, мысырҙарҙың бөтә мал-тыуары ҡырылып бөттө, Исраил халҡының бер генә малы ла ҡазаланманы. Фирғәүен белешергә ебәрҙе – ысынлап та, Исраил халҡының бер генә баш малы ла үлмәгәйне. Ләкин фирғәүен һаман ҡарышты, Исраил халҡын ебәрмәне. Раббы Муса менән Һарунға: – Мейестән берәр ус көл алығыҙ ҙа Муса уны фирғәүендең күҙ алдында һибеп ебәрһен, – тине. – Бөтөн Мысыр өҫтөндә саң күтәрелер, кешеләрҙе һәм мал-тыуарҙы эренле шеш баҫыр. Муса менән Һарун, берәр ус көл алып, фирғәүен алдына килеп баҫты. Мусаның көлдө күккә һибеүе булды – кешеләрҙең, мал-тыуарҙың тәнен эренле шеш баҫты. Сихырсылар башҡаса Муса менән ярыша алмаҫ булды, уларҙың тәне лә, бүтәндәрҙеке шикелле, эренле шеш менән ҡапланғайны. Әммә Раббы фирғәүенде һаман ҡарыштырҙы һәм фирғәүен уларҙы тыңламаны. Барыһы ла Раббы Мусаға әйткәнсә булды. Раббы Мусаға былай тине: – Иртәгә иртән тор ҙа йәнә фирғәүен алдына барып баҫ та әйт: «Ғивриҙәр Аллаһы Раббы былай тип әйтә, тиген: „Миңә ғибәҙәт ҡылыр өсөн халҡыма китергә рөхсәт ит. Был юлы Мин һинең үҙеңә, хеҙмәтселәреңә, тотош халҡыңа иң ҡаты язаларымды юллайым – бөтә ер йөҙөндә Миңә торошло һис берәүҙең юҡлығын аңларһың. Әгәр ҙә Мин, ҡулымды күтәреп, һиңә һәм халҡыңа ҡырғын ебәрһәм, ер йөҙөнән юҡ булыр инең. Ләкин, һин Минең ҡөҙрәтемде күрһен һәм исемем бөтә ер йөҙөндә билдәле булһын өсөн, Мин һине иҫән ҡалдырҙым. Әле һин һаман да Минең халҡымдан өҫтөн ҡыланаһың, уны ебәрмәй ҡарышаһың. Белеп тор, Мин иртәгә ошо ваҡытта Мысыр өҫтөнә шундай көслө боҙ яуҙырам – ундай боҙ-борсаҡтың Мысырға нигеҙ һалынған көндән алып бөгөнгә тиклем күренгәне юҡ. Көтөү-көтөү малдарыңды ышыҡҡа ҡуй, яландағы һәр нәмәңде йәшер-тыҡшыр. Асыҡ ерҙә ҡалған, ышыҡҡа йәшенмәгән һәр нәмә – кеше лә, мал-тыуар ҙа – боҙ һуғыуҙан харап булыр“». Фирғәүендең Раббы һүҙенән ҡурҡҡан хеҙмәтселәре ҡолдарын да, малдарын да ышыҡҡа йәшерә һалды. Раббы һүҙенә ҡолаҡ һалмағандар ҡолдарын һәм малдарын яланда ҡалдырҙы. Раббы Мусаға былай тине: – Ҡулыңды күккә күтәр – Мысыр еренә боҙ-борсаҡ убылыр. Тотош Мысыр ерендәге халыҡты, мал-тыуарҙы, ҡырҙағы үләндәрҙе боҙ һуғыр. Бөтөн Мысыр ерендә боҙ-борсаҡ яланда ҡалған бар тереклекте – кешене лә, мал-тыуарҙы ла, үләнде лә – аяманы, хатта ағастарҙы һындырып бөттө. Бары тик Исраил халҡы йәшәгән Гошен ерендә генә боҙ яуманы. Фирғәүен, Муса менән Һарунды саҡырып, уларға: – Был юлы гонаһ миндә булды. Раббы хаҡлы, мин үҙем дә, халҡым да ғәйеплебеҙ, – тине. – Раббыға ялбарығыҙ: аяуһыҙ был йәшен, боҙ-борсаҡ туҡтаһын. Мин һеҙҙе ебәрәм, тотмайым, китегеҙ! – Ҡаланан сығып, ҡулдарымды Раббыға табан күтәреү менән, йәшен туҡтар, боҙ яумаҫ булыр. Шул саҡ ерҙең Раббыныҡы булғанын белерһең. Ләкин үҙеңдең дә, хеҙмәтселәреңдең дә Раббы Алланан әле лә ҡурҡмағанығыҙҙы беләм, – тине уға Муса. Етен менән арпаны боҙ һуҡты, сөнки арпа башаҡланып, етен сәскә атып ултыра ине. Бойҙай менән борай, һуңыраҡ өлгөргәнгә күрә, зыян күрмәне. Муса, фирғәүен янынан китеп, ҡаланан сыҡты ла ҡулдарын Раббыға табан һондо – күк күкрәү менән боҙ яуыуы туҡтаны, ямғыр тынды. Фирғәүен ямғыр менән боҙҙоң яуыуҙан туҡтағанын, күк күкрәмәгәнен күрҙе лә йәнә гонаһлы эшенә тотондо – үҙе лә, хеҙмәтселәре лә йәнә ҡарышты. Һаман ныҡышты фирғәүен, Исраил халҡын ебәрмәне. Бөтәһе лә Раббы Муса аша алдан әйткәнсә булды. Раббы Мусаға былай тине: – Фирғәүен янына бар. Мин уны һәм уның хеҙмәтселәрен тиҫкәреләндерҙем. Быны Мин улар араһында хикмәттәремде күрһәтер өсөн, һәм һин һуңынан үҙеңдең балаларыңа, ейәндәреңә Минең мысырҙарға ҡарата ҡаты мөғәмәләм, күрһәткән хикмәттәрем хаҡында һөйләй алһын өсөн эшләнем. Һеҙ Минең Раббы булыуымды белерһегеҙ. Муса менән Һарун, фирғәүен янына килеп былай тине: – Ғивриҙәр Аллаһы Раббы: «Һин Миңә буйһоноуҙан тағы күпме баш тартмаҡсы булаһың? Халҡымды ебәр, Миңә ғибәҙәт ҡылһындар. Әгәр халҡыма китергә рөхсәт итмәһәң, иртәгә биләмәңә саранча күндерәм. Ер бите күренмәҫ булыр, боҙҙан һуң имен ҡалған үлән-фәләнде, яланда үҫкән бөтә ағас-ҡыуаҡты ашап-кимереп бөтөрөр ул. Һарайыңа, хеҙмәтселәреңдең өйҙәренә, барлыҡ Мысыр кешеләренең йорт-еренә килеп тулыр; быға тиклем ошо ерҙә ғүмер һөргән ата-бабаларыңдың бындай хәлде күргәне булмаған», – тип әйтә. Шунан Муса боролдо ла фирғәүен янынан сығып китте. Шул саҡ хеҙмәтселәре фирғәүенгә: – Был әҙәмдән тағы күпме ыҙа сигергә? – тинеләр. – Ебәр һин уларҙы, әйҙә, үҙ Аллалары Раббыға ғибәҙәт ҡылһындар. Мысырҙың һәләкәт сигендә икәнен күрмәйһеңме ни? Муса менән Һарунды фирғәүен ҡабат үҙ янына саҡыртып: – Барығыҙ, Аллағыҙ Раббыға ғибәҙәтегеҙҙе ҡылығыҙ, тик кемдәр барғанын әйтегеҙ, – тине. – Барыбыҙ ҙа барабыҙ: йәштәрҙе лә, ҡарттарҙы ла, уландарҙы, ҡыҙ-ҡырҡынды, кәзә-һарыҡты, үгеҙ-һыйырҙы ла ҡалдырмайбыҙ, сөнки Раббы хөрмәтенә байрам итергә тейешбеҙ, – тип яуапланы Муса. – Шулай итеп, мин һеҙгә ҡатындарығыҙ һәм бала-сағағыҙ менән китергә рөхсәт итергә тейешменме? Әйҙә Раббы һеҙгә ярҙам булһын! – тине фирғәүен. – Ниәтегеҙҙең яҡшынан түгел икәне күренеп тора. Улай булмай! Ирҙәр генә китегеҙ ҙә Раббыға ғибәҙәт ҡылығыҙ. Һеҙ бит шуны теләй инегеҙ. Шунан Муса менән Һарунды фирғәүен эргәһенән ҡыуып сығарҙылар. Раббы Мусаға былай тине: – Ҡулыңды Мысыр ере өҫтөнә һуҙ, әйҙә, саранча тубы ябырылып, боҙҙан имен ҡалған бар үләнде ашап бөтһөн. Муса таяғын Мысыр ере өҫтөнә күтәрҙе. Раббы был ергә көнсығыш елен ебәрҙе. Ел көнө буйы, төнө буйы иҫте лә таңға табан саранча тубын алып килде. Тотош Мысыр ерен саранча баҫты, энә төртөр урын ҡалманы: быға тиклем дә, бынан һуң да шул хәтле саранчаның булғаны булманы һәм булмаҫ та. Ер бите ҡап-ҡараға әйләнде, саранча боҙ-борсаҡтан имен ҡалған бар үләнде, бар ағас емешен һыпырып ашап бөттө, ағаста япраҡ, бөтә Мысыр ерендә үлән әҫәре ҡалманы. Фирғәүен Муса менән Һарунды саҡырта һалып алды ла былай тине: – Аллағыҙ Раббы алдында ла, һеҙҙең алда ла гонаһ ҡылдым. Зинһар, мине был юлы ла ярлыҡағыҙ: Аллағыҙ Раббыға ялбарығыҙ, минән был афәтте алһын. Муса, фирғәүен янынан сығып, Раббыға ялбарҙы. Раббы ҡаршы яҡтан, көнбайыштан бик көслө ел ебәрҙе, саранчаны ҡубарып алып китеп, Ҡамышлы диңгеҙгә батырҙы: бөтә Мысыр ерендә бер саранча ла ҡалманы. Ләкин Раббы фирғәүендең йөрәген туң итте, шуға күрә ул һаман ҡарышты – Исраил халҡына китергә рөхсәт бирмәне. Раббы Мусаға: – Ҡулыңды күккә күтәр, – тине. – Шул саҡ бөтә Мысыр ерен ҡараңғылыҡ ҡаплар, күҙгә төртһәң, күренмәҫлек булыр. Муса ҡулын күккә күтәрҙе – өс көнгә тотош Мысыр еренә ҡуйы ҡараңғылыҡ ятты. Кеше бер-береһен күрмәҫ, өс көн буйы өйҙәренән сыҡмаҫ булды. Исраилдар йәшәгән ерҙә иһә яп-яҡты ине. Фирғәүен Мусаны саҡырып алды ла былай тине: – Барығыҙ, Раббығыҙға ғибәҙәт ҡылығыҙ. Әйҙә, бала-сағағыҙ үҙегеҙ менән барһын, бары тик малығыҙ – эреһе лә, вағы ла – бында ҡалһын. Муса иһә: – Аллабыҙ Раббыға ҡорбан килтереү, тотош яндырыу ҡорбаны тәҡдим итеү өсөн һин беҙҙе көтөү менән ебәрергә тейешһең, – тип яуапланы. – Бер тояҡ та ҡалмаҫ, беҙҙең менән бөтә көтөү барыр: Аллабыҙ Раббыға ғибәҙәт ҡылыу өсөн ҡорбан малын тейешле урынға барып еткәс кенә һайлап алабыҙ. Унда барып етмәйенсә, Раббыға ниндәй ҡорбан кәрәген белеп булмай. Ләкин Раббы фирғәүендең күңелен ҡатырҙы. Шуға күрә фирғәүен исраилдарға китергә рөхсәт итмәҫкә булды. Фирғәүен Мусаға былай тине: – Кит бынан, ҡабат күҙемә күренеп йөрөмә: килеп күренһәң – үлерһең. – Әйткәнеңсә булыр, башҡаса күҙеңә күренмәм, – тип яуап ҡайтарҙы Муса. Раббы Мусаға: – Мин фирғәүенгә һәм Мысырға яңы ҡаза күндерәм. Бынан һуң ул һеҙҙе бынан ебәрер. Ебәреү генә түгел, ҡыуып сығарыр, – тине. – Ә һин халыҡҡа әйт, ирҙәр ҙә, ҡатындар ҙа күршеләренән алтын-көмөш әйберҙәр һорап алһын. Раббы мысырҙарҙың күңелендә Исраил халҡына ҡарата миһырбан тойғоһо уятты. Ә Мусаның үҙен Мысырҙа фирғәүендең ярандары ла, халҡы ла бөйөк ир-уҙаман тип һанай ине. Муса фирғәүенгә: – Раббы былай ти: «Төн уртаһында Мысыр буйлап үтермен. Был илдә тәхеттә ултырған фирғәүен улынан алып, тирмәндәге ҡолиәнең улына тиклем һәр мысырҙың баш ир балаһы вафат булыр. Хатта мал-тыуарҙың да тәүге түле үлер. Бөтә Мысыр ерендә иңрәү торор. Ундай иңрәүҙең быға тиклем дә булғаны юҡ, бынан ары ла булмаҫ. Ә исраилдарға ла, уларҙың мал-тыуарына ла хатта бер эт тә өрмәҫ. Шул сағында Раббының исраилдар менән мысырҙарҙы нисек айырып ҡарағанын күрерһегеҙ», – тип белдерҙе. – Шунан ошо ярандарың бөтәһе лә алдыма килеп эйелер, – тип тамамлап ҡуйҙы Муса. – «Үҙең дә, һин әйҙәгән халыҡ та тиҙерәк китһен», – тип ялбарыр. Ана шул сағында мин китермен. Муса фирғәүен янынан бик ныҡ асыуланып сығып китте. Раббы Мусаға: «Фирғәүенде һеҙҙең һүҙҙәрегеҙгә ҡолаҡ һалмаҫлыҡ иттем. Мысыр ерендә тағы ла күберәк мөғжизәләр ҡылыр өсөн эшләнем Мин быны», – тине. Муса менән Һарун бөтә был мөғжизәләрҙе фирғәүен алдында күрһәтте. Ләкин фирғәүен, Раббы уны тиҫкәреләндергәнгә күрә, һаман ҡарышты, Исраил халҡына Мысырҙан китергә рөхсәт итмәне. Мысыр ерендә Раббы Муса менән Һарунға былай тине: – Был ай һеҙҙең өсөн йылдың тәүге айы, йыл башы булһын. Бөтә Исраил йәмғиәтенә әйтегеҙ, ошо айҙың унынсы көнөндә һәр ғаиләнең башлығы үҙ өйөндәге кешеләр өсөн бер бәрәс алһын. Ғаилә бер бәрәсте ашап бөтөрлөк түгел икән, йән башына ҡарап, кемдең күпме ашауын иҫәпләп, яҡын күршеһе менән уртаҡлашып алһын. Был иркәк мал кәмселекһеҙ, бер йәшлек һарыҡ йәки кәзә бәрәсе булырға тейеш. Уны ошо айҙың ун дүртенсе көнөнә тиклем тотоғоҙ ҙа, эңер төшөүгә, Исраил йәмғиәтенән булған һәммәһе уларҙы һуйырға һәм бәрәстең ҡанын ите ашалаһы өй ишегенең ике яңағына, ҡашағаһына һөртөргә тейеш. Итте шул уҡ төндө утта ҡурып, сөсө икмәк, әскелтем үләндәр ҡушып ашаһындар. Был итте сей көйө йә һыуҙа бешереп түгел, башы-тояҡтары һәм эске ағзалары менән бергә утта ҡурып ашағыҙ. Итте иртәнгә тиклем ҡалдырмағыҙ. Артып ҡалһа, утҡа һалып яндырығыҙ. Уны ошолай ашағыҙ: билегеҙ быуылған, аяғығыҙға кейелгән булһын. Таяғығыҙ ҡулығыҙҙа көйө, юлға әҙер булып, ашығып-ҡабаланып ашағыҙ уны. Был – Раббы хөрмәтенә үткәрелә торған Ҡотҡарылыу байрамының ҡорбаны. Мин ошо төндө Мысыр ерен иңләйем, беренсе булып тыуған һәр ир-атты һәм беренсе булып тыуған иркәк малды үлтерәм. Мысырҙарҙың бөтә илаһтарына яза бирәм. Мин – Раббы. Өйөгөҙҙөң ишегенә һөртөлгән ҡан Минең өсөн билдә булыр: шул ҡанды күреп, һеҙҙе ситләтеп үтермен. Мысырҙарҙы язалаған сағымда һеҙгә бер ниндәй ҙә зыян теймәҫ. Был көн һеҙҙең өсөн иҫтәлекле көн булһын: уны быуындан-быуынға Раббының байрамы итеп билдәләгеҙ. Был һеҙгә – мәңгелек ҡағиҙә. Ете көн буйы сөсө икмәк ашағыҙ. Тәүге көндән үк өйөгөҙҙән әсетке китһен. Ошо ете көн эсендә әсе икмәктән ауыҙ иткән һәр кем Исраил халҡы араһынан ҡыуылыр. Беренсе һәм етенсе көндә изге йыйын үткәрелһен. Был ике көндә һис кем бер нәмә лә эшләмәһен, бары тик үҙенә ризыҡ ҡына әҙерләргә мөмкин. Сөсө икмәк байрамы үткәрегеҙ. Нәҡ ошо көн барсағыҙҙы, ғәскәр ише теҙеп, Мысырҙан сығарҙым. Был көн быуындан-быуынға байрам ителһен. Был һеҙгә – мәңгелек ҡағиҙә. Тәүге айҙың ун дүртенсе кисенән башлап егерме беренсе кисенә тиклем сөсө икмәк ашағыҙ. Ете көн буйы өйөгөҙҙә әсетке булмаһын, был көндәрҙә әсе икмәк ашаған зат, кем генә булһа ла – килмешәкме ул, әллә ерле кешеме – Исраил йәмғиәтенән ҡыуылыр. Ҡайҙа ғына йәшәһәгеҙ ҙә, әсеткеле икмәк түгел, ә сөсө икмәк кенә ашарға тейешһегеҙ. Муса Исраилдың бөтә аҡһаҡалдарын саҡырып алды ла: – Барығыҙ, ғаиләләрегеҙ өсөн бәрәс һайлап алығыҙ ҙа Ҡотҡарылыу байрамы хөрмәтенә салығыҙ, – тине. – Шунан бер бәйләм майағас үләнен һауытҡа ағыҙып алынған ҡанға манып, ошо ҡанды ишектең ике яңағына, ҡашағаһына һөртөгөҙ. Иртәнгә тиклем бер кем дә өйөнән сыҡмаһын. Раббы мысырҙарҙы ҡазалар өсөн килгәндә ишек ҡашағаһындағы һәм яңаҡтарындағы ҡанды күргәс, урап үтер. Йән алыусыға өйөгөҙгә инергә һәм үлтерергә юл ҡуймаҫ. Үҙегеҙ ҙә, нәҫелегеҙ ҙә ошо күрһәтмәне үтәргә тейеш, был һеҙгә – мәңгелек ҡағиҙә. Раббы һеҙгә бирергә вәғәҙә иткән ергә барып төйәкләнгәс тә ошо йоланы тотор булығыҙ. Балаларығыҙ һеҙҙән: «Был һеҙҙең өсөн ниндәй йола ул?» – тип һорағанда, һеҙ уларға: «Был – Ҡотҡарылыу байрамында Раббыға килтерелә торған ҡорбан. Сөнки Раббы мысырҙарҙы ҡазалаған саҡта исраилдарҙың өйҙәрен ситләтеп үтте. Раббы мысырҙарҙы үлтерҙе, беҙҙең ғаиләләрҙе ҡотҡарып ҡалды», – тип әйтегеҙ. Шул саҡ халыҡ теҙләнеп сәждә ҡылды. Шунан таралыштылар ҙа, Раббы Муса менән Һарунға нисек ҡушһа, шулай эшләнеләр. Төн уртаһы етеү менән, Раббы Мысыр ерендәге бөтә баш ир баланы үлтерҙе. Тәхеттә ултырған фирғәүендекен дә, зиндандағы тотҡондоҡон да ҡалдырманы; мал-тыуарҙың тәүге түлен дә ҡазаланы. Ул төндә фирғәүен дә, хеҙмәтселәре лә, бөтә Мысыр халҡы ла уянды. Тотош Мысыр ерендә көслө иңрәү торҙо: бында үлем инмәгән бер генә өй ҙә ҡалмағайны. Шул уҡ төндө фирғәүен Муса менән Һарунды саҡыртып алды ла уларға: – Барығыҙ, халҡым араһынан китегеҙ! Үҙегеҙ ҙә, бөтә Исраил халҡы ла китһен, әйткәнегеҙсә, Раббығыҙға ғибәҙәт ҡылығыҙ. Үҙегеҙ һорағанса, мал-тыуарығыҙҙы – эреһен дә, вағын да – алығыҙ ҙа китегеҙ. Ә миңә фатиха ҡылығыҙ. Мысырҙар исраилдарҙы тиҙерәк сығып китергә ашыҡтырҙы; юғиһә һәммәбеҙ ҙә харап булабыҙ, тип ҡурҡты. Әсетке һалып өлгөрмәгән ҡамырын күтәреп алды Исраил халҡы – икмәк күнәктәрен кейемгә төрөп, иңбаштарына ултыртты. Исраил халҡы Муса ҡушҡанса эшләне – мысырҙарҙан алтын-көмөш әйберҙәр, кейем-һалым һорап алды. Раббы мысырҙарҙа Исраил халҡына ҡарата миһырбан уятты – улар исраилдар нимә һораһа, шуны бирҙе. Исраил халҡы мысырҙарҙы талап китте. Исраил халҡы Рағмесес ҡалаһынан Суккоҫҡа табан юлланды. Ҡатын-ҡыҙҙар менән бала-сағаны иҫәпләмәгәндә, Мысырҙан алты йөҙ меңләп йәйәүле ир-ат, улар менән бергә бик күп сит халыҡ, көтөү-көтөү кәзә-һарыҡ, һыйыр малы сыҡты. Уларға Мысырҙан алып сыҡҡан ҡамырҙан сөсө икмәк генә бешерергә тура килде, сөнки ҡамыр әсеткеһеҙ ине. Улар бит илдән ҡыуылып сыҡты, ҡабаланып, юлда ашарға ризыҡ әҙерләп тә өлгөрмәне. Исраил халҡы Мысырҙа дүрт йөҙ утыҙ йыл ғүмер итте. Тап дүрт йөҙ утыҙ йыл тулған көндө Раббының бөтә ғәскәре Мысыр еренән сыҡты. Ул төндө Раббы, исраилдарҙы Мысырҙан сығарыр өсөн, уяу булды. Исраил халҡы быуындан-быуынға йыл һайын ошо төндө Раббыға бағышлап уяу булһын. Раббы Муса менән Һарунға былай тине: – Бына Ҡотҡарылыу байрамы тураһында ҡағиҙә: бер генә сит кеше лә Ҡотҡарылыу байрамы ризығын ашарға тейеш түгел. Әммә һатып алынған ҡол, сөннәтләнгәндән һуң, уны ашай ала. Ә килмешәк тә, ялланып эшләүсе лә уны ашамаһын. Ҡотҡарылыу байрамы ҡорбанын бер өй эсендә генә ашағыҙ, ул иттән бер киҫәкте лә тышҡа сығармағыҙ һәм бәрәстең һөйәктәрен һындырмағыҙ. Был йоланы бөтә Исраил йәмғиәте үтәргә тейеш. Арағыҙҙа төйәкләнгән килмешәк Раббы хөрмәтенә Ҡотҡарылыу байрамында ҡатнашырға теләһә, ғаиләһендәге һәр бер ир-ат сөннәтләнһен. Шунан һуң ғына ул ерле исраилдар кеүек һаналыр. Сөннәте булмаған бер кем дә ул итте ашамаһын. Үҙ кешегеҙгә лә, арағыҙҙа йәшәгән килмешәккә лә ҡанун бер. Исраил халҡы, Раббы Муса менән Һарунға нисек ҡушһа, шулай эшләне. Тап ошо көндө Раббы Исраил халҡын, ғәскәр ише сафҡа теҙеп, Мысырҙан алып сыҡты. Раббы Мусаға былай тине: – Исраилдарҙан тыуған беренсе ир баланың һәммәһе лә Миңә бағышланһын. Инә ҡарынының тәүге иркәк емешен – кешеләрҙекен дә, мал-тыуарҙыҡын да – Миңә арна. Улар Минеке. – Мысырҙан – ҡоллоҡ йортонан ҡотолған ошо көндө иҫегеҙҙә тотоғоҙ, – тине Муса халыҡҡа. – Сөнки был көндө Раббы Үҙенең ҡөҙрәтле ҡулы менән һеҙҙе ул ерҙән алып сыҡты. Ул көндө әсе ҡамырҙан бешерелгән икмәк ашамағыҙ. Бөгөн авив айында Мысырҙан сығаһығыҙ. Раббы һеҙҙе ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, әмөриҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр иленә, ата-бабаларығыҙға бирергә ант иткән һөт һәм бал ағып ятҡан ергә, алып килгәс, авив айында бына ошо йоланы үтәгеҙ: ете көн буйы сөсө икмәк ашағыҙ, етенсе көнөнә Раббы хөрмәтенә байрам яһағыҙ. Ете көн буйы сөсө икмәк ашағыҙ. Арағыҙҙа һәм илегеҙҙең бер генә ерендә лә әсе икмәк һәм әсетке булмаһын. Ул көндө һәр кем улына: «Мысырҙан киткән сағымда Раббының минең өсөн эшләгәндәрен хәтеремдә яңыртыр өсөн үтәйем мин был йоланы», – тип аңлатыр. Һинең өсөн был байрам ҡулыңдағы һәм маңлайыңдағы билдә һымаҡ булһын – Раббы ҡануны телеңдән төшмәһен. Сөнки Раббы һине ҡөҙрәтле ҡулы менән Мысырҙан алып сыҡты. Был күрһәтмәне йылдың-йылы, тәғәйен ваҡытта үтә. Раббы һиңә һәм ата-бабаларыңа ант иткәнсә, ҡәнғәниҙәр еренә алып килеп, уны һиңә биргәс, Уға баш ир балаңды бағышларға тейеш булаһың. Мал-тыуарыңдың тәүге түле лә, әгәр ҙә ул иркәк булһа, Раббыныҡы булһын. Ишәктең тәүге быҙауы өсөн йоломға һарыҡ бәрәсе бир, йолом биргең килмәй икән – муйынын ҡайырып һындыр. Һинең беренсе тыуған ир балаң да йолоп алынырға тейеш. Киләсәктә улың һинән: «Был нимәне аңлата?» – тип һораһа, былай тип яуап бир: «Раббы беҙҙе Мысырҙан, ҡоллоҡ йортонан ҡөҙрәтле ҡулы менән алып сыҡты. Фирғәүен ҡарышып беҙҙе ебәрмәгән саҡта, Раббы Мысырҙағы кешеләрҙең беренсе булып тыуған улдарын, мал-тыуарҙың тәүге иркәк түлен үлтерҙе. Шуға күрә мин мал-тыуарҙың тәүге түле булған иркәк малды Раббыға ҡорбан итәм, бөтә баш ир балалар өсөн йолом түләйем». Һинең өсөн был байрам ҡулыңдағы һәм маңлайыңдағы билдә һымаҡ булһын, сөнки Раббы ҡөҙрәтле ҡулы менән беҙҙе Мысырҙан сығарҙы. Фирғәүен Исраил халҡын ебәргәс, Алла, ҡыҫҡа булыуға ҡарамаҫтан, уларҙы пелештиҙәр ере аша үткән юлдан алып китмәне. Сөнки Ул: «Һуғышырға кәрәклеген күрһә, халыҡ, кире уйлап, Мысырға боролор», – тине. Шуға ла уларҙы урау юлдан, сүл буйлап, Ҡамышлы диңгеҙ тарафына әйҙәне. Исраил халҡы Мысырҙан сыҡҡанда һуғышҡа әҙер булып барҙы. Муса үҙе менән Йософтоң һөйәктәрен дә алғайны, сөнки Йософ Исраил халҡын: «Алла һеҙгә мотлаҡ ярҙам итер. Шул саҡта бынан үҙегеҙ менән минең һөйәктәремде лә алып китегеҙ», – тип ант иттергәйне. Исраилдар, Суккоҫтан юлға сығып, сүл ситендәге Эҫамда туплам булып урынлашты. Раббы көндөҙ юл күрһәтер өсөн болот бағанаһы эсендә, төндә иһә юл яҡтыртыр өсөн ут бағанаһы эсендә уларҙың алдынан барҙы. Шунлыҡтан улар көндөҙ ҙә, төндә лә туҡтамай атланы. Көндөҙ болот бағанаһы, төнөн ут бағанаһы Исраил халҡын ташламаны. Раббы Мусаға былай тине: – Исраил халҡына әйт: кире боролһондар ҙа Пи-Һахироҫ янында, Мигдол менән Ҡамышлы диңгеҙ араһында, Бәғел-Сефон ҡаршыһында, диңгеҙ буйында туплам булып урынлашһындар. Әйҙә, фирғәүен, Исраил халҡы аҙашып йөрөй икән, юлдарын сүл быуған, тип уйлаһын. Мин фирғәүенде тағы тиҫкәреләндерермен дә ул артығыҙҙан ҡыуа сығыр. Ул сағында Мин фирғәүенде һәм уның бөтә ғәскәрен еңеп шөһрәтемде күрһәтермен! Бөтә мысырҙар Минең Раббы икәнемде белер! Исраилдар шулай эшләне. Халыҡтың ҡасып китеүе тураһында Мысыр батшаһына хәбәр иткәс, фирғәүен менән уның хеҙмәтселәре кире уйланы. – Нимә эшләнек беҙ? – тине улар. – Ҡолдарыбыҙ исраилдарҙы ебәрҙек. Фирғәүен яу арбаларын әҙерләргә ҡушты, ғәскәрен саҡырҙы. Ул Мысырҙағы бөтә яу арбаларын да үҙе менән алды. Уларҙың алты йөҙөнөң иң шәп яу арбалары булып, һәр береһендә уларҙың башлығы ла ултыра ине. Раббы Мысыр батшаһы фирғәүендең тиҫкәрелеген ҡуҙғатты ла теге Исраил халҡын ҡыуа сыҡты. Исраил халҡы иһә бер нәмәнән дә ҡурҡмай атлауын белде. Мысырҙар уларҙың арттарынан төштө – фирғәүендең яу арбалары, һыбайлылары һәм тотош ғәскәре Исраил халҡын Пи-Һахироҫ янында, Бәғел-Сефон ҡаршыһында, диңгеҙ буйында туҡтаған урында ҡыуып етте. Фирғәүен үҙ ғәскәре менән яҡынайғандан-яҡынайҙы. Бына Исраил халҡы Мысыр сиреүенең етеп килгәнен күрҙе, ҡурҡышынан Раббыға ялбарҙы. – Әллә Мысырҙа беҙҙең өсөн зыярат юҡ инеме? – тинеләр улар Мусаға. – Ошонда, сүлдә баш һалһын тип алып килдеңме һин беҙҙе бында? Нишләттең һин беҙҙе? Ниңә беҙҙе Мысырҙан алып сыҡтың? Унда саҡта уҡ һиңә: «Ҡалдыр беҙҙе, әйҙә, мысырҙарға ҡол булып йәшәй бирәйек», – тип әйткәйнек бит инде. Сүлгә килеп үлгәнсе, Мысырҙа ҡол булыуың хәйерлерәк ине. Әммә Муса халыҡҡа: – Ҡурҡмағыҙ! – тине. – Тик кенә тороғоҙ, бөгөн Раббының һеҙҙе нисек ҡотҡарғанын күрерһегеҙ. Әле күргән мысырҙарҙы башҡаса мәңге күрмәҫһегеҙ! Тыныс булығыҙ, Раббы һеҙҙең өсөн һуғышасаҡ. – Ниңә Миңә ялбараһың? – тине Раббы Мусаға. – Әйт Исраил халҡына, алға барһындар. Үҙең таяғыңды күтәр ҙә ҡулыңды диңгеҙ өҫтөнә һуҙ – диңгеҙ икегә ярылыр, Исраил халҡы уның төбөнән, ҡоро ерҙән барған шикелле, атлап сығыр. Мин иһә мысырҙарҙың күңелен ҡатырырмын, кирелектәренә барып, һеҙҙе баҫтырырҙар. Шул сағында Мин фирғәүенде һәм уның бөтә ғәскәрен, яу арбаларын һәм һыбайлыларын еңеп, шөһрәтемде күрһәтермен. Фирғәүенде, уның яу арбаларын һәм атлыларын еңеп, шөһрәтемде күрһәткәс, мысырҙар белер: Мин – Раббы. Быға тиклем Исраил халҡы алдынан барған Алла фәрештәһе сафтың артына сыҡты. Болот бағанаһы ла алдан артҡа күсте. Ул, Мысыр ғәскәрен исраилдар сафынан айырып, уларҙың араһында торҙо. Болот мысырҙарға – ҡараңғылыҡ, исраилдарға яҡтылыҡ бирҙе. Шуға ла ул төндә ике саф бер-береһенә яҡынайманы. Муса ҡулын диңгеҙ өҫтөнә һуҙҙы. Төнө буйы Раббы, көслө көнсығыш еле иҫтереп, диңгеҙ һыуҙарын ҡыуып айырҙы – диңгеҙ төбөндә ҡоро ер күренде. Исраил халҡы диңгеҙ төбөндәге ҡоро ерҙән атланы, һыуҙар уң яҡтан да, һул яҡтан да диуарҙай кәртәләнеп торҙо. Мысырҙар уларҙы баҫтырыуын белде; фирғәүендең бөтә аттары, яу арбалары, һыбайлылары исраилдар артынан диңгеҙ уртаһына инде. Таң алдынан Раббы болот һәм ут бағанаһы араһынан Мысыр ғәскәренә күҙ ташланы һәм уларҙы ҡурҡыуға һалды. Раббы яу арбаларының тәгәрмәстәрен тығылдырҙы ла, улары йүнләп әйләнмәне. – Тиҙерәк ҡасайыҡ был Исраил халҡы янынан! – тине мысырҙар. – Раббы улар яғында беҙгә ҡаршы һуғыша. Раббы Мусаға былай тине: – Ҡулыңды диңгеҙ өҫтөнә һуҙ – һыуҙар, кире тартылып, мысырҙарҙы, уларҙың яу арбаларын, һыбайлыларын батырыр. Муса ҡулын диңгеҙ өҫтөнә һуҙҙы – таңға табан диңгеҙ һыуы кире урынына ҡайтты. Мысырҙар кире йүгерергә маташты, әммә Раббы уларҙы диңгеҙ упҡынына олаҡтырҙы. Урынына ҡайтҡан һыуҙар Исраил халҡын диңгеҙ төбөнән баҫтырып барған фирғәүен ғәскәрен – яу арбаларын да, һыбайлыларын да тотош йотто. Уларҙың береһе лә иҫән ҡалманы. Исраил халҡы иһә диңгеҙ төбөндәге ҡоро ерҙән атлап сыҡты: уларҙың уң яғынан да, һул яғынан да һыу диуарҙай кәртәләнеп торҙо. Раббы ул көндө Исраил халҡын мысырҙар ҡулынан ҡотҡарҙы. Исраилдар яр буйында мысырҙарҙың мәйеттәрен күрҙе. Исраилдар Раббының ҡөҙрәте менән мысырҙарҙың ни хәлгә төшөүен күрҙе, шуға күрә Исраил халҡын Раббынан ҡурҡыу тойғоһо биләп алды. Улар Раббыға ла, Уның ҡоло Мусаға ла тамам инанды. Шул саҡ Муса һәм Исраил халҡы Раббыға ошо данлау йырын йырланы: «Раббыға дан йырлайым: Ул бөйөк еңеү ҡаҙанды! Аты менән һыбайлыны диңгеҙгә бырғаны. Раббы минең көс-ҡеүәтем, ҡотолоу әмәлем, сарам! Ул – Аллам, мин дан йырлайым Уға, Ата-бабамдың Аллаһы, ҙурлайым Уны! Раббы – яугир! Исеме Уның – Раббы! Фирғәүендең һуғыш арбаларын, Ғәскәрен диңгеҙгә ырғытты! Аҫыл яугирҙәрен Ҡамышлы диңгеҙгә батырҙы. Упҡын уларҙың һәммәһен йотто; Тәрәнлеккә таш һымаҡ киттеләр! Йә Раббы! Һинең уң ҡулың көсө менән дан ҡаҙанды. Йә Раббы! Һинең уң ҡулың дошмандарҙың юлын киҫте. Бөйөк шөһрәтең менән Үҙеңә ҡаршыларҙы тар-мар иттең; Асыу утың уларҙы һалам һымаҡ көйрәтте. Тын өрөүеңдән һыу үрә торҙо, Тулҡындары диуар булып ҡалҡты, Диңгеҙ тәрәнлеге ҡатып ҡалды. „Ҡыуып етәм, – тип уйланы дошман, – Теләгәнемде табышҡа алам! Ҡынымдағы ҡылысымды һурып, Һәммәһенең башына етәм, ҡырам!“ Һулышыңды өрҙөң – диңгеҙ уларҙы ҡапланы: Ҡурғаш һымаҡ, тәрән һыуҙарҙа баттылар. Йә Раббы, илаһтар араһында Һинең кеүек кем бар? Мөҡәддәслегендә олпат, данында дәһшәтле, Мөғжизәләр тыуҙырыусы Һинең һымаҡ кем бар? Уң ҡулыңды күтәреүгә – ер дошманды йотто. Үҙең ҡотҡарған халыҡҡа тоғро мөхәббәтең менән юл күрһәттең, Мөҡәддәс торлағыңа Ҡөҙрәтең менән алып барҙың. Башҡа ҡәүемдәр ишетеп быны ҡан ҡалтырай! Пелешеҫ халҡын ҡурҡыу биләп алды, Эдом башлыҡтары өрктө-боҫто, Моавтың юлбашсылары ҡалтырашты, Ҡәнғәниҙәрҙең ҡото ботҡа төштө. Ҡалтыранһындар, ҡоттары осһон, Һинең халҡың үтеп киткәнсе, йә Раббы, Үҙеңә алған халҡың уҙғансы, Ҡөҙрәтеңдән Һинең улар таштай ҡатһын. Халҡыңды килтереп ултыртырһың биләмәң булған тауыңа, Төйәкләнер өсөн Үҙеңә тип һайлаған урынға, Эй бөйөк Хакимым, Үҙ ҡулың менән торғоҙған Изге торлағыңа. Раббы мәңге, даими батшалыҡ итер». Фирғәүен аттары, яу арбалары һәм һыбайлылары менән диңгеҙгә инеүе булды, Раббы диңгеҙ һыуҙарын уларҙың өҫтөнә ишеп төшөрҙө. Исраил халҡы иһә диңгеҙ уртаһындағы ҡоро ерҙән атлап сыҡты. Һарундың ҡыҙ туғаны пәйғәмбәр Мирйәм ҡулына дөңгөр алды, ҡалған ҡатын-ҡыҙҙар уға эйәреп дөңгөр ҡаға, бейей башланылар. Мирйәм улар алдында ошо йырын һуҙҙы: «Раббыға дан йырлайым: Ул бөйөк еңеү ҡаҙанды! Һыбайлыны аты менән диңгеҙгә бырғаны». Муса Исраил халҡын Ҡамышлы диңгеҙҙән Шур сүленә алып китте. Өс көн буйы сүл буйлап атланылар, әммә эсергә тамсы ла һыу тапманылар. Мараға килеп еткәс тә эсә алманылар – һыу ауыҙға алғыһыҙ әсе ине. Шуның өсөн дә был ер Мара, йәғни әсе тип атала. Кешеләр: «Беҙ нимә эсәйек?» – тип Мусаға дәғүә белдерә башланы. Муса Раббыға ялбарҙы. Раббы уға бер ағас ботағы күрһәтте. Муса шуны һыуға ташлауы булды – һыу тәмләнде. Шунда Раббы халыҡҡа ҡағиҙә һәм ҡанун бирҙе, уны һынауға дусар итте. Раббы былай тине: – Әгәр һин, Исраил халҡы, Мин, Аллаң Раббы, әйткәндәрҙе тыңлаһаң, Мин хуп күргәнде генә эшләһәң, бойороҡтарыма ҡолаҡ һалһаң, ҡағиҙәләремде үтәһәң, бер ҡасан да һиңә Мысыр халҡына ебәргән ише ауырыу-сирҙәр күндермәм, сөнки Мин – Раббы, һиңә шифа биреүсе. Артабан Элимға киттеләр. Унда ун ике шишмә менән етмеш хөрмә ағасы бар ине. Шунда, шишмәләр эргәһендә, туплам булып урынлаштылар. Исраил йәмғиәте Элимдан ҡуҙғалып китте. Мысырҙан сыҡҡандың икенсе айының ун бишенсе көнөндә улар Элим менән Синай тауы араһында ятҡан Син сүленә килеп туҡтаны. Бында ла бөтә Исраил йәмғиәте Муса менән Һарунға дәғүә белдерә башланы. – Раббы ҡулынан Мысырҙа үлгәнебеҙ яҡшыраҡ булыр ине, – тине исраилдар. – Унда ҡаҙан тулы ит алдында ултырыр, икмәкте лә туйғансы ашар инек. Һеҙ беҙҙе был сүлгә бөтә халыҡты астан үлтерер өсөн алып килдегеҙ! Раббы Мусаға: – Мин һеҙгә күктән икмәк яуҙырырмын, кешеләр көн һайын сығып, бер көнгә күпме кәрәк, шул тиклем генә йыйһын, – тине. – Мин иһә уларҙы һынаясаҡмын: ҡануным буйынса йәшәйҙәрме улар, әллә юҡмы? Ә алтынсы көндө йыйғандарын әҙерләй башлағас, ул башҡа көндәрҙәгенән ике тапҡырға күберәк булыр. Муса менән Һарун Исраил халҡына: – Бөгөн кис һеҙҙе Мысырҙан Раббы сығарғанын белерһегеҙ, – тинеләр. – Ә иртәнсәк Раббының шөһрәтен күрерһегеҙ, сөнки Ул һеҙҙең Үҙенән зарланғанығыҙҙы ишетте. Ә беҙ шул тиклем кем? Ниңә беҙ икәүгә дәғүә белдерәһегеҙ? – Бөгөн кис Раббы һеҙгә ризыҡланырға ит, ә иртәнсәк туйғансы ашарлыҡ икмәк бирер, сөнки Ул Үҙенә ҡаршы һуҡранғанығыҙҙы ишетте, – тине Муса. – Ә беҙ шул тиклем кем? Беҙгә түгел, Раббыға ҡаршы һүҙ әйтәһегеҙ һеҙ! Муса Һарунға былай тине: – Бөтә Исраил йәмғиәтенә әйт: Раббы хозурына баҫһындар, сөнки Раббы уларҙың ризаһыҙлығын ишеткән. Һарун Исраил йәмғиәте менән һөйләшкән саҡта, улар сүл яғына әйләнеп ҡараны һәм бына болотта Раббының шөһрәте күренде. Раббы Мусаға: – Мин Исраил халҡының ризаһыҙлығын ишеттем. Әйт уларға: кистән ит ашарһығыҙ, иртәнсәк икмәк менән туҡланырһығыҙ. Шул сағында Минең Раббы – һеҙҙең Аллағыҙ икәнемде белерһегеҙ. Кисен туплам өҫтөнә бүҙәнәләр осоп килеп тулды, иртәнсәк туплам тирәләй ысыҡ төштө. Ысыҡ кипкәс, сүл өҫтөн бәҫ һымаҡ ваҡ ҡына ярма кеүек нәмә ҡаплап алғанын күрҙеләр. Быны күреп, исраилдар бер-береһенән: «Нимә был?» – тип һораша башланылар. – Раббы һеҙгә ризыҡ итеп биргән икмәк был, – тине Муса уларға. – Раббының һеҙгә бойороғо шундай: һәр кем ашап бөтөрлөк кенә йыйһын – сатырҙағы йән башына берәр ғомерҙан артмаһын. Исраилдар шулай эшләне: кемдер күберәк, кемдер әҙерәк йыйҙы, ләкин үлсәгәндә, күберәк йыйғандың – артығы, аҙыраҡ йыйғандың кәме булманы: һәр кем ашап бөтөрлөгөн йыйғайны. Муса уларға: – Бер кем дә быны иртәгәгә ҡалдырмаһын, – тине. Ҡайһы берәүҙәр уны тыңламаны, йыйған тәғәмдәренең бер өлөшөн иртәнсәккә ҡалдырҙы, ләкин ул ҡортлап һаҫыны. Муса уларға асыуланды. Иртә һайын һәр кем ашап бөтөрлөк кенә йыйҙы. Йыйылмай ҡалғанын көндөҙ ҡояш иретеп юҡҡа сығарҙы. Аҙнаның алтынсы көнөндә икеләтә күберәк, кеше башына икешәр ғомер йыйҙылар. Йәмғиәт башлыҡтары был хаҡта Мусаға килеп әйткәс, Муса уларға: – Быны Раббы шулай ҡушты: иртәгә – шәмбе, Раббыға бағышланған изге ял көнө. Бөгөн теләгәнсә бешерегеҙ, теләгәнсә төшөрөгөҙ, артҡанын иртәгәгә ҡалдырығыҙ, – тине. Муса ҡушҡанса, артҡанын иртәгәгә ҡалдырҙылар. Был юлы ҡалдырған тәғәм һаҫыманы ла, ҡортламаны ла. – Быны бөгөн ашағыҙ, – тине Муса, – сөнки Раббының шәмбеһе бөгөн. Был көндө сүлдә ризыҡ таба алмаҫһығыҙ. Алты көн йыйығыҙ, ә етенсе көн – шәмбе; ул көндө бер нәмә лә таба алмаҫһығыҙ. Ҡайһы берәүҙәр аҙнаның етенсе көнөндә лә йыймаҡ булып сыҡҡайны, бер нәмә лә таба алманы. Раббы Мусаға: – Ҡасанға ҡәҙәр һеҙ Минең бойороҡтарымды һәм ҡанундарымды боҙорһоғоҙ? – тине. – Ҡарағыҙ, Раббы һеҙгә шәмбе көнөн бирҙе. Шуға ла аҙнаның алтынсы көнөндә һеҙгә ике көнлөк икмәк ебәрә. Етенсе көндө һәр кем үҙ өйөндә ҡалһын, бер ергә лә бармаһын. Шул рәүешле, етенсе көндө халыҡ ял итте. Исраил халҡы был тәғәмде майҙә тип атаны. Ул ап-аҡ, кориандр орлоғона оҡшаған булып, тәме менән баллы йоҡа көлсәне хәтерләтә ине. Муса былай тине: – Раббы: «Мысырҙан алып сыҡҡан саҡта, сүлдә нимә менән ризыҡландырғанымды быуындан-быуынға күрһендәр өсөн, бер ғомер майҙәне һаҡлауға һалып ҡуйығыҙ», – тип бойорҙо. – Бер һауыт алып, уға бер ғомер майҙә тултыр ҙа, быуындан-быуынға һаҡлар өсөн, Раббы хозурына ултыртып ҡуй, – тине Муса Һарунға. Раббы Мусаға нисек ҡушһа, Һарун шулай эшләне: майҙәне Килешеү һандығының алдына ҡуйып һаҡланы. Исраил халҡы ҡырҡ йыл буйы – кеше йәшәр ергә аяҡ баҫҡансы – ошо майҙә менән туҡланды. Ҡәнғән ере сиктәренә килеп еткәнсе улар майҙә менән ризыҡланды. Бер ғомер – эфаның ундан бер өлөшө. Раббы бойороғона ярашлы, Исраил йәмғиәте, бер урындан икенсе урынға күсә-күсә Син сүле буйлап бара торғас, Рефидимға килеп етте. Бында эсәр һыу юҡ ине. Кешеләр Мусаны ғәйепләй башланы. Унан: – Беҙгә эсәр һыу бир, – тип таптырҙылар. – Ниңә һеҙ мине ғәйепләйһегеҙ? – тине Муса. – Ниңә Раббыны һынайһығыҙ? Әммә халыҡ үлем сигенә етеп һыуһағайны, шуға күрә Мусаны: – Ниңә һин беҙҙе Мысырҙан алып сыҡтың? Беҙҙе, бала-сағаны, мал-тыуарҙы сарсатып үлтерер өсөнмө? – тип битәрләнеләр. Муса, Раббыға ялбарып, былай тине: – Был халыҡ менән ни эшләргә? Ана-бына миңә таш бәрә башларҙар. – Халҡыңдан алдараҡ кит, – тине Раббы Мусаға. – Үҙең менән Исраил халҡының бер нисә аҡһаҡалын ал. Ҡулыңа теге Нил һыуына һуҡҡан таяғыңды тот. Мин Хорев тауында бер ҡая өҫтөндә һинең алдыңда торормон. Таяҡ менән ҡаяға һуғыуың булыр, унан һыу урғылып сығыр – әйҙә, эсһен халыҡ. Муса Исраил аҡһаҡалдарының күҙ алдында шулай эшләне. Был урынды ул Масса һәм Мерива тип атаны. Сөнки унда Исраил халҡы дәғүәләшкәйне һәм: «Раббы беҙҙең арабыҙҙамы, әллә юҡмы?» – тип Раббыны һынап ҡарағайны. Ғәмәлектәр, Рефидимға килеп, Исраил халҡына һөжүм итте. Муса Йушағҡа былай тине: – Бер нисә кеше һайлап ал да, барып ғәмәлектәр менән һуғыш. Ә мин иртәгә, Алланың таяғын алып, ҡалҡыулыҡ башына менеп баҫырмын. Йушағ, Мусаның бойороғо буйынса, ғәмәлектәр менән һуғышҡа инде. Ә Муса, Һарун менән Хурҙы эйәртеп, ҡалҡыулыҡ башына менеп баҫты. Муса ҡулын күтәргән саҡта исраилдар өҫтөнлөк алды, төшөргән саҡта ғәмәлектәр еңер булды. Бына Мусаның ҡулы арыны. Шуға күрә бер таш алып килеп, Мусаны шунда ултырттылар. Һарун менән Хур икеһе ике яҡтан уның ҡулын төшөрмәй терәп торҙо. Ҡояш байығансы Мусаның ҡулы өҫкә күтәрелгән көйө булды. Йушағ, Ғәмәлек ғәскәрен еңеп, ҡылыстан үткәрҙе. Раббы Мусаға: – Быны, иҫтәлек итеп, китапҡа яҙып ҡуй, – тине. – Йушағтың ҡолағына төшөр: Мин ғәмәлектәрҙе ер йөҙөнән юҡ итәм – уларҙың исеме лә ҡалмаҫ! Муса ҡорбан усағы ҡорҙо һәм уны Йәһүә-Нисси, йәғни «Раббы – минең байрағым» тип атаны. Унан: «Раббының тәхетенә ҡаршы ҡул һуҙылғайны, Раббы быуындан-быуынға ғәмәлектәр менән һуғышасаҡ», – тине. Мусаның ҡайныһы Мидйән ҡаһины Итро Алланың Муса һәм уның халҡы Исраил өсөн ҡылғандарын, Раббының Исраил халҡын Мысырҙан сығарғанын ишетте. «Атам Аллаһы ярҙамға килеп, мине фирғәүен ҡылысынан ҡотҡарҙы» тип икенсеһенә Әлиғәзәр тигән исем бирҙе. Итро Мусаның ҡатыны һәм улдары менән бергә сүлдә Алла тауы ҡаршыһына туҡтаған Муса янына тупламға килде. Ул: – Мин, ҡайның Итро, ҡатының һәм ике улың менән һинең яныңа килдем, – тип хәбәр итергә ҡушып, Мусаға кешеләр ебәрҙе. Муса ҡайныһын ҡаршы алырға сыҡты, алдында эйелеп, уны үпте. Улар, бер-береһенән хәл-әхүәл һорашып, сатырға инде. Муса Раббының Исраил хаҡына фирғәүен һәм мысырҙар менән ни ҡылғанын бәйән итте, сүллек аша юлдың ни тиклем ауыр булғанын, Раббының уларҙы ни рәүешле ҡотҡарғанын һөйләне. Итро Раббының Исраил халҡына эшләгән яҡшылыҡтары, уларҙы мысырҙар ҡулынан аралағаны тураһында ишетеп ҡыуанды. – Һеҙҙе мысырҙарҙың һәм фирғәүендең ҡулынан ҡотҡарған Раббы мөбәрәк булһын! – тине Итро. – Халыҡты мысырҙарҙың иҙеүенән Ул азат иткән! Хәҙер инде мин беләм: Раббы барлыҡ илаһтарҙан өҫтөнөрәк, Ул быларҙы мысырҙар Исраил халҡы менән тәкәббер ҡыланғанға эшләне. Мусаның ҡайныһы Итро Раббыға тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандары килтерҙе. Һарун менән Исраил аҡһаҡалдары килде – улар Мусаның ҡайныһы менән бергә Алла хозурында ризыҡланды. Иртәгәһенә Муса халыҡтың дәғүәләрен хәл итергә ултырҙы. Халыҡ иртәнән кискә тиклем Муса янында аяғөҫтө баҫып торҙо. Ҡайныһы, Мусаның халыҡ менән ни рәүешле эшләгәнен күреп, һорай ҡуйҙы: – Ни өсөн һин халыҡ менән шулай мөғәмәлә итәһең? Ни өсөн һин бер үҙең хөкөм итәһең, ә бөтә халыҡ эргәңдә иртәнән кискә тиклем баҫып тора? – Улар миңә Алла ихтыярын ишетергә килә, – тине Муса ҡайныһына. – Бер-бер эште хәл итергә кәрәк булһа, миңә киләләр. Мин улар менән һөйләшеп, ҡарар сығарам, Алланың ҡағиҙә һәм ҡанундарын еткерәм. – Дөрөҫ эшләмәйһең, – тине ҡайныһы Мусаға, – үҙең дә йонсойһоң, халҡыңды ла ыҙалатаһың. Был һинең яңғыҙыңдың ғына ҡулынан килә торған эш түгел. Инде һүҙемә ҡолаҡ һал, һиңә бер кәңәш бирәм. Алла һинең менән булһын! Халыҡ өсөн Алла алдында аралашсы бул, хәлдәрҙе Аллаға еткерә бар. Уларға Алланың ҡағиҙә һәм ҡанундарын өйрәт, бараһы юлдарын күрһәт, ҡылаһы эш-ғәмәлдәрен күндер. Ә һин халыҡ араһынан һәләтле, Алланан ҡурҡҡан, дөрөҫлөккә хилафлыҡ ҡылмай торған, һатылмаҫ кешеләрҙе һайлап ал да башлыҡ итеп ҡуй: ҡайһыһын – мең башы, ҡайһыһын – йөҙ башы, ҡайһыһын – илле башы, ҡайһыһын ун башы ит. Кешеләр араһындағы низағтарҙы улар хөкөм итер, мөһим эштәрҙе генә һиңә тапшырыр, ваҡ-төйәктәрен үҙҙәре хәл итер. Өҫтөңдән йөк төшөр, йөктө улар һинең менән бергә күтәрешер. Шулай эшләһәң, Алла ла шулай бойорһа, үҙең дә хәл алырһың, халыҡ та үҙ өйөнә тынысланып ҡайтыр. Муса ҡайныһының әйткәндәрен тыңланы, бөтәһен дә уныңса эшләне: Исраил халҡы араһынан һәләтле кешеләрҙе һайлап алып, уларҙы мең баштары, йөҙ баштары, илле баштары, ун баштары итеп ҡуйҙы. Халыҡ араһындағы низағтарҙы улар хөкөм итте, ауыр эштәрҙе Мусаға еткерә барҙы, ваҡ-төйәктәрен үҙҙәре хәл итте. Һуңыраҡ Муса ҡайныһын юлға оҙатты, тегеһе үҙ еренә ҡайтып китте. Исраил халҡы Мысырҙан сыҡҡандың өсөнсө айында – яңы ай тыуған көндө – Синай сүленә килеп етте. Рефидимдан ҡуҙғалып китеп, Синай сүленә килеп туҡтаған Исраил халҡы тау ҡаршыһында туплам булып урынлашты. Муса тауға Алла хозурына күтәрелде. Раббы уға тауҙан былай тип өндәште: – Әйт Яҡуп нәҫеленә, Исраил халҡына белдер: «Мысыр халҡына нимәләр ҡылғанымды, һеҙҙе бөркөт ҡанаттарында ултыртҡандай яныма алып килгәнемде һеҙ үҙегеҙ күрҙегеҙ. Инде әйткәнемде иғтибар менән тыңлап, Минең менән килешеүҙе үтәр булһағыҙ, барса халыҡ араһынан Минең Үҙ халҡым булырһығыҙ. Бөтә ер йөҙө Минеке; һеҙ иһә Миңә хеҙмәт иткән ҡаһиндар батшалығы, мөҡәддәс халыҡ булырһығыҙ». Ошо һүҙҙәремде Исраил халҡына еткер. Муса, тауҙан төшөп, халыҡтың аҡһаҡалдарын саҡырып алды ла уларға Раббы ҡушҡандарҙың һәммәһен дә һөйләп бирҙе. Бөтөн халыҡ бер булып, былай тип яуапланы: – Беҙ Раббы әйткәндең барыһын да үтәрбеҙ. Муса халыҡтың яуабын Раббыға еткерҙе. Раббы Мусаға: – Һинең менән һөйләшкәнемде халыҡ ишетһен, артабан һиңә ышанысы юғалмаһын өсөн, Мин һиңә ҡуйы болот эсендә килермен, – тине. Муса халыҡтың яуабын Раббыға еткергәс, Раббы Мусаға: – Бар, халыҡ янына ҡайтып әйт, – тине. – Бөгөн-иртәгә уларҙы изгеләндер. Өҫ кейемдәрен йыуһындар, иртәнән һуңға әҙерләнһендәр. Сөнки иртәнән һуң бөтә халыҡтың күҙ алдында Раббы Синай тауына төшәсәк. Кешеләр өсөн, тауҙы уратып, сик һыҙығы һыҙ. Әйт, тауға менеүҙән һаҡланһындар, хатта уның итәгенә лә яҡын килмәһендәр. Тауға ҡағылған һәр кем үлтерелер. Тауға ҡағылған затҡа иһә ҡул менән тотонмағыҙ, уны таш бәреп йә уҡтан атып үлтерегеҙ. Тауға ҡағылған йән эйәһе – хайуанмы ул, кешеме – тере ҡалырға тейеш түгел. Оҙон-оҙаҡ итеп ҡысҡыртҡан мөгөҙ борғо тауышын ишеткәс кенә улар тауға күтәрелә алыр. Муса тауҙан төштө лә халыҡты изгеләндерҙе. Кешеләр өҫ кейемдәрен йыуҙы. Муса халыҡҡа былай тине: – Иртәнән һуңға әҙерләнегеҙ, ҡатындарығыҙ менән яҡынлыҡтан тыйылығыҙ. Өсөнсө көндө иртә таңдан күк күкрәп, йәшен йәшнәне, тау өҫтөн ҡуйы болот ҡаплап алды, мөгөҙ борғоноң ҡеүәтле тауышы яңғыраны. Тупламдағы бөтә халыҡ ҡурҡып ҡалтыранды. Муса халыҡты Алла менән күрешер өсөн тупламдан алып сыҡты. Улар тау итәгенә барып туҡтаны. Синай тауын тотош төтөн ҡаплағайны, сөнки Раббы уның өҫтөнә ут эсендә төштө. Тауҙан мейестән сыҡҡан һымаҡ төтөн бөркөлә, тау бик ныҡ һелкенә ине. Мөгөҙ борғоноң тауышы көсәйгәндән-көсәйә барҙы. Шул саҡ Муса Аллаға мөрәжәғәт итте һәм Алла уға күк күкрәтеп яуап бирҙе. Раббы Синай тауының түбәһенә төштө лә Мусаны Үҙенә, тау башына, саҡырҙы. Муса тауға артылды. Раббы Мусаға: – Бар, төш тә халыҡты иҫкәрт: Раббыны күрергә ашҡынып сикте үтмәһендәр, юҡһа уларҙың күптәре харап булыр. Раббыға яҡынлашырға йыйынған ҡаһиндар ҙа үҙҙәрен изгеләндерһен; юҡһа Раббы уларҙы юҡ итер. – Халыҡ Синай тауына менергә баҙнат итмәҫ, – тине Муса Раббыға. – Һин бит тауҙы уратып һыҙыҡ һыҙырға һәм шул ерҙе изге тип иҫәпләргә ҡуштың. Раббы Мусаға: – Бар, төш тә бында Һарун менән бергә мен. Ә ҡаһиндар менән халыҡ бында, Раббы янына, менергә уҡталмаһын, юҡһа Раббы уларҙы юҡ итер, – тине. Муса халыҡ янына төштө лә уларға барыһын да һөйләп бирҙе. Бына Алланың Исраил халҡына әйткән һүҙҙәрҙе. Ул былай тине: – Һине Мысыр еренән, ҡоллоҡ йортонан алып сыҡҡан Аллаң Раббы Мин. Минән башҡа аллаларың булмаһын. Үҙеңә бер ниндәй ҙә бот яһама. Юғарыла – күк көмбәҙендә, түбәндә – ер өҫтөндә йәки ерҙән түбән һыуҙа йәшәгән йән эйәләренә оҡшатып, һын-һүрәттәр яһама. Уларға табынып сәждә ҡылма, сөнки Мин Раббы, һинең Аллаң, көнсөл Алламын, бары тик Үҙемә генә тоғро булып ҡалыуҙы талап итәм. Минән йөҙ сөйөргән аталарының гонаһы өсөн балаларын өсөнсө-дүртенсе быуынға тиклем язалаясаҡмын. Ә Мине яратҡан һәм бойороҡтарымды үтәгәндәрҙең меңенсе быуынына тиклем мөхәббәтемде күрһәтермен. Аллаң Раббының исемен тиктомалға телгә алма. Үҙенең исемен тиктомалға телгә алыусыларҙы Раббы язаһыҙ ҡалдырмаҫ. Шәмбе көнөн хәтереңдә тот һәм уны изге ит. Алты көн буйы бөтә эштәреңде башҡар, ә етенсе көн – шәмбе – Аллаң Раббыға бағышланған ял көнө. Был көндө бер кемгә лә эшләргә ярамай – үҙең дә, улың да, ҡыҙың да, ҡолоң да, ҡолиәң дә, малың да, арағыҙҙа йәшәгән килмешәк тә – бер нәмә лә эшләмәгеҙ. Сөнки алты көн эсендә Раббы күкте һәм ерҙе, диңгеҙҙе һәм уларҙағы бөтә нәмәләрҙе яратты, ә етенсе көндө ял итте. Шуға ла Раббы, шәмбе көндө мөбәрәк ҡылып, изге көн булараҡ айырҙы. Атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит. Шулай эшләһәң, Аллаң Раббы һиңә бирәсәк ерҙә ғүмерең оҙон булыр. Кеше үлтермә. Зина ҡылма. Урлашма. Яҡыныңа ҡаршы ялған шаһитлыҡ ҡылма. Яҡыныңдың өйөн көҫәмә, уның ҡатынын да, ҡолон да, ҡолиәһен дә, үгеҙен дә, ишәген дә – бер нәмәһен дә көҫәмә. Бөтөн халыҡ күк күкрәгәнен, ялағай ялтырағанын, мөгөҙ борғо ғорлағанын, тау төтәгәнен ишетеп-күреп, ҡурҡыуҙан дер ҡалтыраны һәм артҡараҡ сигенә барҙы. – Беҙгә һин һөйлә, – тине улар Мусаға, – ә беҙ һине тыңлап торорбоҙ. Тик Алла беҙҙең менән һөйләшмәһен, юҡһа беҙ үлербеҙ. – Ҡурҡмағыҙ, – тине Муса, – Алла һеҙҙе һынар өсөн, һеҙ Уны хөрмәт итеп гонаһ ҡылмаһын өсөн килде. Халыҡ ситтәрәк ҡарап торҙо, Муса Алла янына, ҡара болот эсенә инеп китте. Раббы Мусаға былай тине: – Исраил халҡына әйт: күктән һеҙҙең менән һөйләшкәнемде һеҙ үҙегеҙ күрҙегеҙ. Шулай булғас, Минең янға алтындан да, көмөштән дә аллалар яһап ҡуймағыҙ. Миңә балсыҡтан ҡорбан усағы эшләгеҙ. Тотош яндырыу ҡорбаны менән татыулыҡ ҡорбаны итеп көтөүегеҙҙән ваҡ һәм эре малды уның өҫтөндә ҡорбанға килтерегеҙ. Исемемде хөрмәт итеү өсөн билдәләнгән һәр урында Мин һеҙгә килермен һәм фатиха ҡылырмын. Миңә ҡорбан усағын таштан эшләр булһағыҙ, уны юнылған таштан төҙөмәгеҙ; юныу ҡоралы уны бысраҡ итер. Ҡорбан усағы баҫҡыс менән менерлек булмаһын, юғиһә кейем аҫтындағы яланғас урынығыҙ күренер. Муса, бына һин уларға иғлан итергә тейешле ҡанундар: ғивриҙе ҡол итеп алаһың икән, ул һиңә алты йыл эшләһен, етенсе йылына уны, йолом түләтмәйенсә, иреккә ебәр. Әгәр ҙә ул бер үҙе килһә, бер үҙе китһен; әгәр ҙә инде ҡатыны менән килһә, ҡатыны ла уның менән китһен. Әгәр ҙә ҡол өйләнмәгән булып, хужаһы уны өйләндерһә, ҡатыны бала тапһа, ҡатыны менән балалары хужаныҡы булып иҫәпләнә; ҡол бер үҙе китһен. Әгәр ҙә ҡол: «Хужамды, ҡатынымды һәм балаларымды яратам, иреккә сыҡҡым килмәй», – тиһә, хужа уны Алла хозурына килтерһен, шунда ишек янына йә ишек яңағына терәтеп баҫтырһын да ҡолаҡ япрағын беҙ менән тишһен. Шул саҡта ул хужаһына ғүмерлеккә ҡол булыр. Әгәр ҙә берәү ҡыҙын ҡоллоҡҡа һатһа, ҡыҙҙы иреккә сығарыу шарты ир-ат ҡолдарҙы азат итеү кеүек түгел. Әгәр ул ҡыҙҙың хужаһы уны ҡатын итеп алырға теләп тә, һуңынан күңеле ҡайтһа, ҡыҙҙы йолом түләп алырға теләүсегә ул үҙенең ризалығын бирһен, әммә сит халыҡ кешеһенә һатырға хоҡуғы юҡ, сөнки ул ҡыҙ менән ғәҙел мөғәмәлә итмәгән һанала. Әгәр ҙә ул ҡол ҡыҙҙы улына ҡатынлыҡҡа алған булһа, үҙенең ҡыҙы һымаҡ мөғәмәлә итһен. Әгәр ҙә хужа үҙенә икенсе ҡатын алһа, тәүгеһен ризыҡтан, кейемдән һәм ҡатынлыҡ хоҡуғынан мәхрүм итмәһен. Әгәр ҙә ире уның өсөн ошо өс нәмәне эшләмәһә, ҡатыны унан йолом аҡсаһы түләмәйенсә иреккә сыға ала. Әгәр ҙә берәү икенсе кешене һуғып үлтерһә, ул үҙе лә үлтерелергә тейеш. Ләкин кеше берәйһен яңылышлыҡ менән үлтерһә һәм быға Алла ихтыяр иткән булһа, үлтергән кеше Мин һеҙгә билдәләп ҡуясаҡ урынға ҡасып ҡотола ала. Әммә берәйһе икенсе берәүҙе белә-күрә мәкер менән үлтерһә, ул кеше хатта Минең ҡорбан усағым эргәһенән дә алып китеп үлтерелергә тейеш. Атаһына һәм әсәһенә ҡул күтәргән һәр кем үлтерелергә тейеш. Кеше урлап һатҡан йәки урланған кешене йәшереп тотҡан һәр кем үлтерелергә тейеш. Атаһын йәки әсәһен хурлаған һәр кем үлтерелергә тейеш. Әгәр ҙә низағ ваҡытында берәү икенсе берәүҙе таш бәреп йәки йоҙроҡ менән һуғып имгәтһә, тегеһе иҫән ҡалһа, ләкин ятып ауырыһа, аҙаҡтан түшәгенән тороп, таяҡҡа таянып, өйҙән сығып йөрөй башлаһа, һуҡҡан кеше язаға тарттырылырға тейеш түгел. Фәҡәт имгәнгән кешегә эшләй алмаған көндәре өсөн түләһен һәм һауыҡҡанға тиклем уны ҡараһын. Хужа кеше ҡолон йәки ҡолиәһен таяҡ менән туҡмап, тегеләр шул урында уның ҡулынан вафат булһа, үлем өсөн хужаһы яза күрергә тейеш. Әгәр ҙә ҡол йәки ҡолиә шунан һуң бер-ике көн йәшәһә, яза биреү кәрәкмәй: ҡол – хужаның мөлкәте. Ир-ат һуғышҡан ваҡытта ауырлы ҡатынға һуғып, тегеһенең балаһы төшһә, әммә үҙенә башҡа зыян килмәһә, ғәйепле кеше ҡатындың төшкән ауыры өсөн иренең талабы менән хакимдар әйткән күләмдә аҡса түләргә тейеш. Ҡатынға ниндәй зыян килтерелһә, шундай уҡ яуап ҡайтарылырға тейеш: йәнгә – йән, күҙгә – күҙ, тешкә – теш, ҡулға – ҡул, аяҡҡа – аяҡ, тән бешкәнгә – тән бешеү, яраға – яра, имгәнеүгә – имгәнеү. Әгәр ҙә хужаһы, ҡолон йәки ҡолиәһен туҡмап, уларҙың күҙен зарарлаһа, күҙе өсөн уларҙы иреккә ебәрһен. Әгәр ҙә ҡолоноң йәки ҡолиәһенең тешен һуғып һындырһа, теше өсөн уларҙы иреккә ебәрһен. Әгәр берәйһенең үгеҙе ир йә ҡатынды һөҙөп үлтерһә, үгеҙҙе таш бәреп үлтерегеҙ, итен ашамағыҙ. Ә үгеҙҙең хужаһы ғәйепле түгел. Әгәр ҙә үгеҙ элек тә һөҙгәк булып, был хаҡта хужаһы иҫкәртелә килһә, ләкин ул үгеҙен ҡарап йөрөтмәйенсә, тегеһе берәй ир йә ҡатынды үлтерә һөҙһә, үгеҙ таш бәреп үлтерелһен, хужаһы ла үлемгә дусар ителһен. Әгәр ҙә үгеҙ хужаһына түләү һалһалар, күпме һалынған, шул тиклем түләп, ғүмерен һаҡлап ҡала ала. Үгеҙ берәйһенең улын йәки ҡыҙын һөҙөп үлтерһә, ошо уҡ ҡанун ҡулланыла. Әгәр ҙә үгеҙ ҡолдо йәки ҡолиәне һөҙөп үлтерһә, үгеҙҙең хужаһы ҡолдоң хужаһына утыҙ шекел көмөш түләргә тейеш, ә үгеҙҙе таш бәреп үлтереү фарыз. Әгәр ҙә берәү һыу соҡорон асыҡ ҡалдырһа йәки яңы соҡор ҡаҙып, уны япмай ҡуйһа, унда үгеҙ йәки ишәк төшөп ҡазаланһа, соҡор хужаһы мал хаҡын ҡайтарырға тейеш, ә үләкһәһен үҙенә алһын. Әгәр ҙә бер үгеҙ икенсе үгеҙҙе һөҙөп ҡазалаһа, тере үгеҙҙе һатһындар ҙа хаҡын бүлешһендәр, зыянланған үгеҙҙе лә уртаҡлашып алһындар. Үгеҙҙең электән үк һөҙгәк булыуы мәғлүм булһа, зыянды үгеҙен ҡарамаған хужа ҡаплаһын; үгеҙ өсөн үгеҙен бирһен, ә үләкһәһен үҙенә алһын. Әгәр ҙә берәү үгеҙ йә һарыҡ урлап һуйһа йәки һатһа, урынына үгеҙ өсөн биш үгеҙ, һарыҡ өсөн дүрт һарыҡ бирергә тейеш. Әгәр ҙә берәү, малын ебәреп, кеше баҫыуын йәки йөҙөм баҡсаһын тапатһа, үҙ баҫыуының иң һәйбәт уңышын һәм йөҙөм баҡсаһының иң яҡшы емешен биреп, зыянды ҡаплаһын. Әгәр ҙә берәйһе яҡҡан ут, сәнскәкле ҡыуаҡтарға тоҡанып, өйөлгән иген эҫкертен, үҫеп ултырған ашлыҡты йәки тотош баҫыуҙы ялҡын ялмап алһа, зыянды ут яҡҡан кеше ҡапларға тейеш. Әгәр бер кеше икенсеһенә аҡса йәки әйбер һаҡларға биреп тороп, был әйберҙәр уның өйөнән ғәйеп булһа, тотолған осраҡта, уғры урланған әйбер хаҡын икеләтә ҡайтарырға тейеш. Әгәр уғрыны таба алмайҙар икән, әйберҙе һаҡлауға алып торған йорт хужаһы, кеше әйберенә ҡул һуҙмауы раҫланһын өсөн, Алла хозурына хөкөмгә баҫырға тейеш. Әгәр ике кеше үгеҙ, ишәк, һарыҡ, кейем-һалым йәки юғалған әйбер тураһында бәхәсләшһә, икеһе лә уны «минеке» тип әйтһә, эш Алла хозурында ҡаралырға тейеш. Алла кемде ғәйепле тип таба, шул ғәйепһеҙенә әйбер хаҡын икеләтә арттырып түләргә тейеш. Әгәр ҙә берәй кеше икенсеһенә ҡарап торорға тип ишәген, үгеҙен, һарығын йәки бүтән төрлө малын биреп торһа һәм шул ваҡыт эсендә мал зыянланһа, имгәнһә йәки бер кем күрмәгәндә уны ҡыуып алып китһәләр, шәһәҙәт ҡылырға шаһиттар булмаһа, малды ҡарарға алған әҙәм, кеше мөлкәтенә хасланмауын раҫлап, Раббы хозурында ант итһен. Мал хужаһы иһә антты ҡабул итергә тейеш. Шулай булғанда был мал өсөн хужаға хаҡ түләнмәй. Ләкин мал унан урланған икән, ҡараған кеше хужаһына зыянды ҡапларға тейеш. Әгәр ҙә малды йыртҡыс талаған булһа, ҡараған кеше, быны иҫбатлап, малдың ҡалған емтеген күрһәтһен – шунда зыянланған мал өсөн түләмәҫ. Әгәр ҙә берәү файҙаланыу өсөн икенсеһенән мал алып торһа, хужаһы булмағанда теге мал имгәнһә йә зыянланһа, алып торған кеше зыянды ҡапларға тейеш. Әгәр ҙә был хәл хужаһының күҙ алдында булһа, зыян ҡаплатылмай, шулай ҙа малды файҙаланған өсөн аҡса түләнгән икән, хужаға башҡаса түләнергә тейеш түгел. Әгәр ҙә берәй ир кеше йәрәшелмәгән ғиффәтле ҡыҙҙы алдап, уның менән яҡынлыҡ ҡылһа, ул, ҡыҙҙың атаһына мәһәр түләп, ҡыҙға өйләнергә тейеш. Әгәр ҙә ҡыҙҙың атаһы уны был кешегә бирергә теләмәһә, мәсхәрәләгән ир ҡыҙ өсөн ғиффәтле ҡыҙҙарға тейешле мәһәр аҡсаһын барыбер түләргә тейеш. Сихырсы ҡатынды иҫән ҡалдырмағыҙ. Хайуан менән енси мөнәсәбәткә кергән һәр кеше үлемгә дусар ителһен. Раббынан башҡа илаһтарға ҡорбан килтереүселәр харам ҡылынып юҡ ителергә тейеш. Килмешәкте ҡыҫырыҡлама һәм йәберләмә – үҙегеҙ ҙә Мысыр ерендә килмешәк булдығыҙ. Тол ҡатындарҙы, етем-еһерҙе йәберләмә. Әгәр уларҙы йәберләһәң, улар Миңә ялбарыр һәм Мин уларҙың зарҙарын мотлаҡ ишетермен. Шул саҡ асыуым ялҡынланып, Мин һеҙҙе ҡылыс менән юҡ итермен һәм ҡатындарығыҙ – тол, ә балаларығыҙ етем ҡалыр. Әгәр Минең халҡымдан берәйһе ярлы булып, һин уға үтескә аҡса биреп тораһың икән, риба алыусы булма, унан риба һорама. Яҡыныңдан аманат итеп кейемен алып тораһың икән, ҡояш байығансы ҡайтар – башҡа ябыныр әйбере юҡ уның. Унһыҙ нисек йоҡлаһын ул? Ул Миңә ялбарыр ҙа, уны ишетермен, сөнки Мин мәрхәмәтлемен. Аллаға һүҙ тейҙермә, халҡыңдың башлығын хурлама. Уңышығыҙҙы һәм шарабығыҙҙы Миңә тәҡдим итеүҙе кисектермәгеҙ. Беренсе булып тыуған ир балаларығыҙҙы Миңә бирегеҙ. Малға – эреһенә лә, вағына ла – ҡағыла был: быҙауҙың йәки бәрәстең тәүгеһе ете көн инәһе менән булһын да һигеҙенсе көнөнә Миңә бирегеҙ. Һеҙ – Минең Үҙемә һайлап алған халҡым, шуға күрә йыртҡыс талаған хайуан итен ашамағыҙ, эттәргә ташлағыҙ. Ялған хәбәр таратма. Хөкөм иткәндә, ялған шаһитлыҡ биреп, яман кешене яҡлама. Нахаҡ эштә күпселеккә эйәрмә; хөкөм барышында шаһитлыҡ биргәндә, күпселеккә эйәреп, ғәҙелһеҙлек ҡылма. Хөкөм иткәндә ярлыға ярлы булғаны өсөн генә өҫтөнлөк бирмә. Дошманыңдың аҙашып йөрөгән үгеҙен йәки ишәген осратһаң, хужаһына алып барып бирергә тейешһең. Үҙеңде күрә алмаған кешенең йөк артмаҡлаған ишәге йығылғанын күрһәң, шул көйө ҡалдырма, хужаһына уны торғоҙорға ярҙам ит. Ярлының дәғүәһен тикшергәндә, башҡаларҙы хөкөм иткәндәге кеүек үк, ғәҙел бул. Ялған эштән алыҫ тор. Ғәйепһеҙҙе һәм хаҡлыны үлемгә дусар итмә, сөнки Мин ундай яуызлыҡ ҡылған әҙәмде аҡламайым. Ришүәт алма, сөнки ришүәт күҙлеләрҙе һуҡырайта, ғәйепһеҙҙәрҙе һәләк итә. Килмешәкте йәберләмә. Сит-ят ерҙә нисек ҡыйын икәнен беләһегеҙ – Мысырҙа үҙегеҙ килмешәк булдығыҙ. Алты йыл ереңә орлоҡ сәс һәм уңыш йый, ә етенсе йылына уны эшкәртмә, ял иттер. Уның емештәрен халҡыңдың ярлылары ашаһын, ҡалғаны менән ҡыр йәнлектәре ризыҡланһын. Йөҙөм ағастары менән зәйтүн ағастарына ҡарата ла шуны эшлә. Алты көн эшлә, етенсе көндө эшләмә, үгеҙең дә, ишәгең дә ял итһен, ҡолиәңдең улы ла, килмешәк тә хәл йыйһын. Мин әйткәндәрҙең бөтәһен дә үтәгеҙ. Бүтән илаһтарҙы иҫкә алмағыҙ: уларҙың исеме бер ваҡытта ла ауыҙығыҙҙан сыҡмаһын. Йыл һайын өс тапҡыр Минең хөрмәтемә байрам үткәрегеҙ. Һеҙгә ҡушҡанымса, авив айының тәғәйен көндәрендә ете көн сөсө икмәк ашап, Сөсө икмәк байрамын билдәлә. Сөнки ошо айҙа Мысырҙан сыҡтығыҙ. Бер кем дә Минең хозурыма буш ҡул менән килмәһен. Үҙең сәскән баҫыуҙың тәүге уңышын йыйғас, Ураҡ байрамын үткәр. Йыл аҙағында, баҫыуҙан бөтә уңышты йыйып алғас, Уңыш йыйыу байрамын үткәр. Шул рәүешле, йылына өс тапҡыр бөтә ирҙәр Хакимығыҙ Раббы хозурына баҫырға тейеш. Миңә килтерелгән ҡорбандың ҡанын әсе икмәк менән бергә тәҡдим итмә. Байрамда Миңә килтерелгән ҡорбандың майы иртәнсәккә тиклем ҡалмаһын. Ерең биргән тәүге уңыштың иң яҡшыһын Аллаң Раббының йортона алып кил. Кәзә бәрәсен инәһенең һөтөндә бешермә. Ҡара, Мин һинең алдан фәрештә ебәрәм, ул һине юлда һаҡлап йөрөтөр һәм һиңә тип әҙерләгән ергә алып барыр. Уның әйткәндәрен иғтибар менән тыңла, ҡарышлашма. Мин уны Үҙ исемемдән ебәрҙем, шуға күрә, башбаштаҡлығыңды ғәфү итмәҫ. Әгәр ҙә һин уны тыңлаһаң һәм әйткәндәремдең һәммәһен дә үтәһәң, Мин дошмандарыңдың дошманы, һиңә ҡаршыларҙың ҡаршыһы булырмын. Минең фәрештәм алдыңдан барыр һәм һине әмөриҙәр, хиттиҙәр, перизиҙәр, ҡәнғәниҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр еренә килтерер. Мин был халыҡтарҙы юҡ итермен. Уларҙың илаһтарына баш эймә һәм ғибәҙәт ҡылма, был халыҡтарҙың йолалары буйынса эш итмә. Уларҙың илаһтарын юҡ ит һәм табыныу бағаналарын емер. Аллаң Раббыға ғибәҙәт ҡыл – шулай эшләһәң, ашаған икмәгеңде һәм эскән һыуыңды фатихалармын, һине ауырыу-сирҙәрҙән аралармын. Шул саҡта һин йәшәгән ерҙә балаһы төшкән, түлһеҙ ҡалған бер ҡатын да булмаҫ. Мин һиңә оҙон ғүмер бирермен. Мин һинең алдан дәһшәтемде ебәрермен. Юлыңда осраған барса халыҡтарҙы ҡаушатырмын, бөтә дошмандарыңды һине күрер-күрмәҫтән ҡасырға мәжбүр итермен. Һинең алдан траштар ебәрермен, ул хиууиҙәрҙе, ҡәнғәниҙәрҙе һәм хиттиҙәрҙе ҡасырға мәжбүр итер. Ләкин Мин уларҙы бер юлы, бер йылда ғына ҡыуып ебәрмәм, юҡһа ер кешеһеҙ ҡалып, һине кейек-януар баҫыр. Мин был халыҡтарҙы әкренләп ҡыуып таратырмын – һин инде, ишәйеп киткәс, тотош илгә хужа булырһың. Мин һиңә Ҡамышлы диңгеҙҙән алып Евфрат йылғаһына ҡәҙәр йәйелеп ятҡан ерҙәрҙе бирермен, бер яҡтан ул пелештиҙәр диңгеҙе, икенсе яҡтан сүл менән сикләнер. Был ерҙәге халыҡтарҙың бөтәһен дә ҡулыңа тапшырырмын, һәм һин уларҙы алдыңдан ҡыуып ебәрерһең. Уларҙың үҙҙәре менән дә, илаһтары менән дә килешеү төҙөмә! Был халыҡтар һинең ерҙә йәшәргә тейеш түгел. Юҡһа улар һине Миңә ҡаршы гонаһҡа этәрер. Уларҙың илаһтарына табыныу – һинең өсөн тоҙаҡ булыр. Раббы Мусаға: – Һин үҙең, Һарун, Надав, Авиһу һәм Исраилдың етмеш аҡһаҡалы яныма менегеҙ ҙә алыҫтан ғына Миңә сәждә ҡылығыҙ, – тине. – Миңә фәҡәт Муса ғына яҡынлашһын! Башҡа берәү ҙә Раббыға яҡын килергә тейеш түгел. Халыҡ иһә уның менән тауға менергә тейеш түгел. Муса, халыҡ эргәһенә килеп, Раббының бөтә һүҙҙәре һәм ҡанундары тураһында һөйләп бирҙе. Бөтөн халыҡ бер булып: – Раббы ҡушҡандарҙың барыһын да үтәрбеҙ, – тип яуап ҡайтарҙы. Муса Раббы ҡанундарын яҙып ҡуйҙы. Иртәгәһенә иртәнсәк тау итәгендә ҡорбан усағы яһаны һәм Исраил ырыуҙары һаны буйынса ун ике таш бағана ултыртты. Унан Муса Исраил халҡы араһынан йәш егеттәрҙе ҡорбанлыҡ малы алып килергә ебәрҙе. Улар Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны тәҡдим иттеләр һәм татыулыҡ ҡорбаны булараҡ үгеҙҙәр салдылар. Муса ҡандың яртыһын туҫтаҡтарға ағыҙып алды, ҡалған ҡанды ҡорбан усағы өҫтөнә һирпте. Шунан халыҡҡа Килешеү китабына яҙылғандарҙы уҡып ишеттерҙе. Барыһы ла: – Беҙ Раббы һүҙенән сыҡмабыҙ, Уға буйһонорбоҙ, – тип ышандырҙы. Муса ҡорбан ҡанын халыҡҡа һирпте лә: – Раббы һеҙҙең менән төҙөгән килешеүҙе раҫлаусы ҡан был. Уның һүҙҙәре – килешеү шарттары, – тине. Шунан Муса, Һарун, Надав, Авиһу һәм Исраилдың етмеш аҡһаҡалы тауға менде һәм Исраил Аллаһын күрҙе. Уның аяҡ аҫтында аяҙ күк йөҙө һымаҡ зәңгәр яҡуттай ялтыр баҫмаға оҡшаған нәмә бар ине. Исраил башлыҡтары Алланы күрҙе, әммә Алла уларға ҡул күтәрмәне. Шунан улар ашанылар, эстеләр. Раббы Мусаға: – Минең эргәмә тау башына мен, – тине. – Унда Мин, Үҙемдең ҡанун һәм бойороҡтарымды ике таҡтаташҡа яҙып, халыҡҡа еткереү өсөн һиңә бирермен. Муса үҙенең ярҙамсыһы Йушағ менән бергә юлға сыҡты һәм Алла тауына күтәрелде. Аҡһаҡалдарға иһә: – Беҙ кире ҡайтҡансы ошонда көтөп тороғоҙ, – тине. – Һарун менән Хур янығыҙҙа ҡала. Берәйһенең йомошо төшһә, уларға мөрәжәғәт итһен. Муса тауға менде. Тауҙы болот ҡаплап алды. Раббының шөһрәте Синай тауының өҫтөнә ҡунды. Алты көн буйы тауҙы болот ҡаплап торҙо, ә етенсе көнөнә Раббы болот эсенән Мусаға өндәште. Раббының шөһрәте Исраил халҡына тау башында дөрләп янған ут кеүек күренде. Муса, болот эсенә инеп, тау башына күтәрелде һәм унда ҡырҡ көн, ҡырҡ төн булды. Раббы Мусаға былай тине: – Исраил халҡына Минең өсөн иғәнә йыйырға ҡуш: кем нимә теләй, шуны бирһен. Һин уларҙан түбәндәге әйберҙәрҙе ал: алтын, көмөш, баҡыр, зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөн еп, сиратылған нәфис етен еп һәм кәзә дебете, ҡыҙылға буялған һәм иләнгән һарыҡ тәкәһе тиреһе, йоҡа итеп эшкәртелгән күн, сәрүәр ағасы, майшәм өсөн зәйтүн майы, мәсех майы һәм төтәтеү майы өсөн хуш еҫле матдәләр, эфод менән баш ҡаһин түшлеген биҙәр өсөн тирәсәгә кейҙереп ҡуя торған оникс һәм башҡа аҫыл таштар. Исраил халҡы Минең өсөн Изге торлаҡ ҡорһон, һәм Мин улар араһында төйәкләнермен. Торлағым Изге сатырҙы һәм ундағы бөтә нәмәне Мин һиңә күрһәтәсәк өлгө буйынса эшлә. Сәрүәр ағасынан бер һандыҡ эшләһендәр: буйы ике терһәк ярым, иңе һәм бейеклеге терһәк ярым булһын. Уны эстән дә, тыштан да саф алтын менән көплә, ситтәрен алтын менән ҡаймала. Дүрт алтын дүңгәләк ҡойоп, уларҙы һандыҡтың дүрт тояғына беркет: ике дүңгәләк – һандыҡтың бер яғынан, икәүһе икенсе яғынан булһын. Сәрүәр ағасынан ҡолғалар эшләп, уларҙы алтын менән көплә һәм, һандыҡты ҡолғаға ултыртып йөрөтөр өсөн, уларҙы һандыҡтың ике яғындағы дүңгәләктәргә кейҙер. Был ҡолғалар һәр саҡ һандыҡтың дүңгәләктәренә кейҙерелгән булһын – уларҙы һурып алырға ярамай. Мин һиңә бирәсәк килешеү таҡтаташтарын һандыҡ эсенә һал. Һандыҡҡа саф алтындан гонаһтарҙан паклау ҡапҡасы яһа. Уның буйы ике терһәк ярым, иңе терһәк ярым булһын. Ҡапҡастың ике осона, алтындан сүкеп, ике кируб эшлә. Кирубтарҙың береһе – бер, икенсеһе икенсе оста булһын һәм ҡапҡас менән бер бөтөндө тәшкил итһен. Кирубтарҙың ҡанаттары, өҫкә йәйелеп, һандыҡ ҡапҡасын ҡаплап торһон. Улар бер-береһенә йөҙҙәре менән ҡапма-ҡаршы торһон һәм ҡапҡас өҫтөнә ҡараһын. Һандыҡтың эсенә Мин һиңә бирәсәк килешеү таҡтаташтарын һал да ҡапҡасын яп. Һинең менән осрашҡан саҡта Мин ана шунда, һандыҡ ҡапҡасы өҫтөндә, ике кируб араһында булырмын һәм һинең аша бойороҡтарымды Исраил халҡына еткерермен. Сәрүәр ағасынан бер өҫтәл эшлә: буйы ике терһәк, иңе бер терһәк һәм бейеклеге терһәк ярым булһын. Уны саф алтын менән көплә һәм сит-ситтәрен алтын менән ҡаймала. Ситтәренә ус аяһы бейеклегендә эргәлек эшлә һәм уны алтын менән ҡаймала. Дүрт алтын дүңгәләк яһап, уларҙы өҫтәлдең дүрт мөйөшөнә, аяҡтары тәңгәленә беркет. Дүңгәләктәрҙе эргәлек янына урынлаштыр; өҫтәлде күсереп йөрөтөргә кәрәк булғанда, уларға ҡолға кейҙереләсәк. Өҫтәлде күсереп йөрөтөр өсөн ҡолғаларҙы сәрүәр ағасынан эшлә лә уларҙы алтын менән көплә. Өҫтәлгә ҡуйыр өсөн саф алтындан тәрилкәләр, сеүәтәләр, түкмә ҡорбандар өсөн ҡомғандар һәм кәсәләр эшлә. Һәр ваҡыт Минең хозурыма өҫтәл өҫтөнә изге икмәк ҡуй. Саф алтындан сүкеп, шәмдәл эшлә. Уның нигеҙен, һабағын, кәсәләрен, бөрөләрен һәм таждарын бер бөтөн итеп тоташтыр. Уның бер яғынан – өс, икенсе яғынан – өс, йәмғеһе алты ботаҡ булһын. Алты ботаҡтың һәр береһендә бөрөләре һәм таждары менән баҙам сәскәһенә оҡшаған өсәр кәсә булһын. Шәмдәлдең һабында бөрөләре һәм таждары менән баҙам сәскәһенә оҡшаған дүрт кәсә булһын. Ике ботаҡ аҫтында бер бөрө, икенсе ике ботаҡ аҫтында бер бөрө, өсөнсө ике ботаҡ аҫтында бер бөрө – шәмдәлдең бөтә алты ботағы аҫтында ла шулай булырға тейеш. Кәсәнең бөрөләре лә, ботаҡтар ҙа – шәмдәл менән бер бөтөн: һәммәһе лә саф алтындан сүкелгән булһын. Ете майшәм эшлә һәм, шәмдәл алдын яҡтыртыу өсөн, уларҙы шәмдәл өҫтөнә ҡуй. Филтә ҡыҫҡыстар һәм һоҫҡолар саф алтындан булһын. Шәмдәлгә һәм уның кәрәк-ярағына бер талант саф алтын тотон. Ҡара уны, барыһын да тап һиңә тауҙа күрһәтелгән өлгө буйынса эшлә. Изге сатырҙы ун шаршауҙан эшлә. Шаршауҙар сиратылған нәфис етендән, зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән һуғылһын һәм уларға оҫта итеп кируб һүрәттәре сигелһен. Һәр шаршауҙың буйы егерме һигеҙ, иңе дүрт терһәк булһын. Бөтә шаршауҙар ҙа бер үлсәмдә булырға тейеш. Биш шаршау бергә, бер киҫәккә, ҡалған бишәүһе шулай уҡ бергә беркетелһен. Беренсе киҫәктең ситке иңе буйлап зәңгәр элмәктәр, шулай уҡ икенсе киҫәктең ситке иңе буйлап та шундай уҡ элмәктәр эшлә. Бер киҫәктең ситке иңендә илле, икенсе киҫәктең ситке иңендә тағы ла илле элмәк булырға тейеш: бер элмәк ҡаршыһында – икенсе элмәк. Алтындан илле ҡаптырма эшлә. Ҡаптырмалар менән шаршауҙарҙы беркет тә бер бөтөн итеп йый – Изге сатыр хасил булыр. Изге сатырҙы ҡаплау өсөн кәзә дебетенән һуғылған ун бер япма эшлә. Һәр япманың буйы утыҙ, иңе дүрт терһәк; ун бере лә бер үлсәмдә булһын. Шуларҙың бишәүһен бергә, тағы алтауһын бергә беркет; алтынсыһын уртаға бүлеп һал – ул ингән ерҙә һәленеп торор. Бер киҫәктең ситке иңе буйлап илле элмәк һәм икенсе киҫәктең ситке иңе буйлап илле элмәк эшлә. Илле баҡыр ҡаптырма эшлә, уларҙы элмәккә ҡаптыр һәм, бер бөтөн япма килеп сыҡһын өсөн, ике киҫәкте бер-береһенә беркет. Япманың оҙонлоғонан артып ҡалғаны – ярты иң – Изге сатырҙың артҡы яғынан аҫылынып төшһөн. Япманың ике яғынан да бер терһәккә артып ҡалған өлөштәре Изге сатырҙың ян-яҡтарын ҡаплап торорға тейеш. Сатыр өсөн йәнә ике ҡат япма эшлә: уларҙың береһе ҡыҙыл төҫкә буялған һарыҡ тәкәһе тиреләренән, икенсеһе – тәүгеһенең өҫтөндәгеһе – йоҡа итеп эшкәртелгән күндән булһын. Изге сатыр өсөн сәрүәр ағасынан рамдар яһа: һәр рамдың буйы ун терһәк һәм иңе терһәк ярым булһын. Рамдарҙы бер-береһенә беркетер өсөн һәр ҡайһыһының ике сығынтыһы булһын. Изге сатырҙың барлыҡ рамдары ла шул рәүешле эшләнһен. Изге сатырҙың көньяҡҡа ҡараған яғы өсөн егерме рам һәм улар аҫтына ҡырҡ көмөш төп – һәр рам аҫтына икешәр төп, уның һәр сығынтыһына бер төп эшлә. Шулай уҡ Изге сатырҙың икенсе, төньяҡҡа ҡараған яғы өсөн дә егерме рам һәм ҡырҡ көмөш төп – һәр береһенең аҫтына икешәр төп эшлә. Изге сатырҙың артҡы, көнбайыш яғы өсөн алты рам, артҡы мөйөштәре өсөн – тағы ике рам яһа, улар аҫҡы яҡтан икегә айырылған, ә өҫтән (беренсе дүңгәләк торған ерҙән) бөтөн булырға тейеш. Бындай рамдар икәү булһын – һәр мөйөштә берәр. Был һигеҙ рамға ун алты көмөш төп кәрәк – һәр береһенең аҫтына икешәр төп. Сәрүәр ағасынан Изге сатырҙың бер яғы буйлап рамдарҙы тоташтырыу өсөн – биш, икенсе яғы буйлап биш һәм уның артҡы, көнбайыш яғы өсөн биш һайғау әҙерлә. Уртансы һайғау сатырҙың бер башынан икенсе башына тиклем һуҙылған рамдарҙы тоташтырырға тейеш. Рамдарҙы алтын менән көплә һәм уларға һайғауға нығытыу өсөн алтын дүңгәләктәр беркет тә һайғауҙы алтын менән көплә. Сатырҙы тауҙа күрһәтелгән өлгө буйынса төҙө. Зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөн ептән һәм сиратылған етендән махсус пәрҙә һуҡ та оҫта итеп кируб һүрәттәре сик. Уны сәрүәр ағасынан эшләнеп, алтын менән көпләнгән дүрт бағананың алтын ырғаҡтарына эл. Был бағаналар дүрт көмөш төптә торһон. Пәрҙәне сатыр түбәһендәге ҡаптырмаларға эл дә Килешеү һандығын пәрҙә эсенә ҡуй. Был пәрҙә Мөҡәддәс урын менән Иң мөҡәддәс урынды айырып торһон. Иң мөҡәддәс урындағы Килешеү һандығы өҫтөнә ҡапҡас ҡуй. Пәрҙә алдына – изге икмәк өсөн өҫтәл, өҫтәл ҡаршыһына шәмдәл ҡуй. Шәмдәл – Изге сатырҙың көньяҡҡа ҡараған яғында, өҫтәл төньяғында торорға тейеш. Сатыр ауыҙын ҡаплап торһон өсөн зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән һәм сиратылған нәфис етендән туҡылып, сигелгән бер ҡорма эшлә. Ҡорманы элеү өсөн сәрүәр ағасынан биш бағана эшлә һәм алтын менән көплә. Ырғаҡтары ла алтын булһын. Бағаналар өсөн баҡырҙан биш төп ҡой. Сәрүәр ағасынан ҡорбан усағы эшлә. Ул – дүрткел, буйы ла, иңе лә биш, ә бейеклеге өс терһәк булһын. Ҡорбан усағының дүрт мөйөшөнә лә уның менән бер бөтөн итеп дүрт мөгөҙ эшлә. Ҡорбан усағының өҫтөн баҡыр менән көплә. Уға көл сығарыу өсөн көршәктәр, көрәктәр, ҡан һирпеү сеүәтәләре, сәнскеләр һәм һоҫҡолар яһа. Ҡорбан усағы өсөн кәрәк-яраҡтың бөтәһе лә баҡырҙан булһын. Ҡорбан усағы өсөн селтәрле баҡыр рәшәткә яһа һәм уның дүрт мөйөшөнә дүрт баҡыр дүңгәләк беркет. Рәшәткәне ҡорбан усағының һыры аҫтына, усаҡтың уртаһына етеп торорлоҡ итеп нығыт. Ҡорбан усағы өсөн сәрүәр ағасынан ҡолғалар эшлә һәм уларҙы баҡыр менән көплә. Ҡорбан усағын күсереп йөрөтөргә кәрәк булғанда, ошо ҡолғалар дүңгәләктәргә кейҙерелер. Ҡорбан усағын ҡыуыш эсле итеп таҡтанан яһа. Ул һиңә тау башында күрһәтелгәнсә эшләнһен. Изге сатырҙы уратып ихата эшлә. Ихатаның көньяҡ тарафының оҙонлоғо йөҙ терһәк булып, унда сиратылған нәфис етен шаршауҙар эленеп торһон. Шаршауҙар өсөн егерме бағана яһалһын, бағаналарҙың төптәре баҡырҙан, ырғаҡтары һәм беркеткестәре көмөштән булһын. Ихатаның төньяҡҡа ҡараған яғы ла шулай уҡ йөҙ терһәк булһын, был яҡ өсөн дә шаршауҙар, егерме бағана һәм егерме баҡыр төп яһалһын. Бағаналағы ырғаҡтар һәм беркеткестәр көмөштән булһын. Ихатаның көнбайыш яғына илле терһәк оҙонлоғондағы шаршауҙар эленһен. Улар өсөн ун бағана менән ун төп эшләт. Көнсығыш яҡтан да ихатаның киңлеге илле терһәк булһын. Ихата ҡапҡаһының бер яғындағы шаршауҙар ун биш терһәк оҙонлоҡта булып, улар өс төпкә ултыртылған өс бағанаға эленһен; икенсе яғында ла шаршауҙарҙың оҙонлоғо ун биш терһәк булып, улар ҙа өс төпкә ҡуйылған өс бағанаға эленһен. Ихатаның ҡапҡаһы өсөн зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән һәм сиратылған нәфис етендән егерме терһәк оҙонлоғонда нағыш менән биҙәлгән ҡорма һуҡ. Ҡапҡала дүрт бағана булһын, улар аҫтына дүрт төп кәрәк. Ихата әйләнәһендәге бөтә бағаналарҙың да беркеткестәре һәм ырғаҡтары көмөштән, ә бағана аҫтындағы төптәр баҡырҙан булһын. Ихатаның буйы – йөҙ, иңе – илле терһәк, сиратылған нәфис етендән һуғылған шаршауҙарҙың бейеклеге иһә – биш терһәк, бағана өсөн төптәр баҡырҙан булһын. Изге сатырҙың бөтә кәрәк-ярағы, Изге сатыр ҡаҙыҡтары һәм ихата әйләнәһендәге шаршау ҡаҙыҡтары баҡырҙан булһын. Исраил халҡына әмер ит: шәмдәл өҫтөндә гелән майшәм янып торһон өсөн ҡул менән һығылған таҙа зәйтүн майы килтерһендәр. Һарун менән уның улдары майшәмдәрҙең Раббы хозурында, Осрашыу сатырында һәм Килешеү таҡтаташтары һалынған һандыҡты айырып торған пәрҙә алдында кистән иртәнсәккә тиклем яныуын хәстәрләһен. Исраил халҡы өсөн был – быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә. Ағайың Һарунды, уның улдары Надав, Авиһу, Әлғазар һәм Иҫамарҙы исраилдар араһынан яныңа саҡырып ал. Улар Минең ҡаһиндарым булһын. Ағайың Һарунға мөһабәт һәм күркәм ҡиәфәт бирә торған изге кейемдәр әҙерлә. Мин ҡулдарына оҫталыҡ һалған тәжрибәле һөнәр эйәләренә әйт, Миңә бағышланып, ҡаһинлыҡ итә алһын өсөн, Һарунға кейем әҙерләһендәр. Улар түшлек, эфод, ябынса, биҙәкләп туҡылған күлдәк, сәллә һәм билғау әҙерләһен. Ағайың Һарун менән уның улдары Минең ҡаһиндарым булһын өсөн изге кейем был. Оҫталар алтын, шулай уҡ зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөн, сиратылған нәфис етен ҡулланһын. Эфодты зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөн ептәргә һәм сиратылған нәфис етенгә алтын ептәр ҡушып, оҫта итеп эшләһендәр. Эфодты беркетер өсөн ян-яғынан уға ике яурынса тегелһен. Эфодтың билғауы, эфод һымаҡ уҡ, алтын ептән, зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән, нәҙек етендән һуғылырға тейеш; эфод менән ул бер бөтөн булһын. Ике оникс алып, уларға Исраил улдарының исемдәрен сүкеп яҙ. Уларҙың олоһонан башлап, бер ташҡа – алты, икенсе ташҡа алты исем яҙылһын. Был таштарға Исраил улдарының исемдәрен оҫта ырыусы мөһөр уйған һымаҡ итеп яҙ. Был таштарҙы алтындан биҙәкләп эшләнгән тирәсәгә кейҙер ҙә эфодтың яурынсаларына беркет: был таштар – Исраил улдары хаҡында иҫтәлек. Раббыға Исраил халҡын хәтерләтеп торһон өсөн, Һарун уларҙың исемдәрен иңдәрендә йөрөтһөн. Алтындан оҫта итеп тирәсәләр эшлә, саф алтындан ишеп ике бау яһа һәм уларҙы тирәсәләргә беркетеп ҡуй. Раббы ҡарары өсөн оҫта итеп түшлек эшлә. Ул эфод һымаҡ уҡ алтын ептән, зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән, сиратылған нәфис етендән булһын. Түшлек ике ҡатланған туҡыманан буйы һәм иңе бер ҡарыш ҙурлығында дүрткел булһын. Унда аҫыл таш һалырлыҡ дүрт рәт оя эшлә. Беренсе рәттә – ҡыҙыл яҡут, хризолит һәм зөбәржәт; икенсе рәттә – фирүзә, зәңгәр яҡут һәм алмас; өсөнсө рәттә – яҡут, аҡ аҡыҡ һәм аметист; дүртенсе рәттә һары яҡут, оникс һәм йәшмә булыр. Уларҙың бөтәһен дә алтын тирәсәгә урынлаштыр. Исраил улдарының исемдәре яҙылған ун ике таш булырға тейеш: һәр ташҡа, мөһөрҙәге шикелле, ун ике Исраил ырыуынан берәүһенең исеме сүкеп яҙылһын. Түшлек өсөн саф алтындан, бау шикелле ишеп, сылбырҙар эшлә. Ике алтын дүңгәләк эшлә һәм, уларҙы түшлектең мөйөштәренә беркетеп, ике алтын сылбыр ярҙамында ике тирәсәгә тоташтыр, ә әлеге тирәсәләрҙе алғы яҡтан эфодтың яурынсаларына беркет. Ике алтын дүңгәләк эшлә лә уларҙы эске яҡтан, эфодҡа ятып торған еренән, түшлектең ике мөйөшөнә беркет. Тағы ике алтын дүңгәләк эшләп, уларҙы алғы яҡтан яурынсаның түбәнге осона – йөйгә яҡын итеп – эфодтың билғауы өҫтөнән беркет. Түшлектең дүңгәләктәре эфодтың дүңгәләктәре менән зәңгәр бау ярҙамында бәйләнгән булһын – эфодтың билғауынан өҫтәрәк урынлашҡан түшлек эфодҡа берегеп ятып торһон. Һарун, мөҡәддәс урынға кергән саҡта, Исраил улдарының исемдәрен Раббы алдында даими хәтерләтеп тороу билгеһе итеп, һәр саҡ күкрәгендә – түшлектә – йөрөтһөн. Ҡарар түшлегенә урим менән туммимды һал: улар, Раббы хозурына баҫҡан саҡта, Һарундың йөрәге өҫтөндә булһын. Раббы алдында торғанда, Һарун Раббының Исраил халҡына күрһәтмәләрен һәр саҡ бына шулай йөрәге өҫтөндә йөрөтһөн. Эфод аҫтынан кейә торған ябынса тотошлай зәңгәр туҡыманан булһын. Уның уртаһында баштан кейер өсөн уйым булһын. Туҡыманың сите туҙрамаһын өсөн уйымдың ситтәре яға һымаҡ итеп тегелһен. Зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән анар емеше рәүешендә йоморсалар эшлә һәм уларҙы ябынса итәгенә уратып тек, уларҙың араһына алтын ҡыңғырауҙар таҡ. Был алтын ҡыңғырауҙар һәм анар емештәре ябынса салғыйының буйынан-буйына сиратлашып барырға тейеш. Һарун был кейемде ҡаһин хеҙмәтен үтәгәндә кейһен. Ул изге урынға, Раббы хозурына, кергәндә һәм сыҡҡанда ҡыңғырауҙарҙың сыңлауы ишетелеп торһон, юҡһа ул харап буласаҡ. Саф алтынды табаҡлап сәскә рәүешендә йәй ҙә уға: «Раббыға бағышланған» тигән һүҙҙәрҙе мөһөрҙәге шикелле сүкеп яҙ. Уны сәллә өҫтөнән зәңгәр бау менән беркетеп ҡуй. Исраил халҡы Раббыға бағышлап изге ҡорбан-саҙаҡалар килтергәндә ғәйеп-хаталар ебәрһә, Һарун уларҙы үҙ өҫтөнә алыр. Был алтын табаҡса гелән Һарундың маңлайында булырға тейеш. Шул сағында был ҡорбан-саҙаҡаларҙы Раббы ҡабул итер. Һарун өсөн нәфис етендән күлдәк тек, нәфис етендән сәллә эшлә һәм биҙәкле билғау һуҡ. Һарун улдарына ла күлдәк, билғау һәм баштарына бәй әҙерлә. Был уларға мөһабәтлек һәм күркәмлек өҫтәр. Ағайың Һарунға һәм уның улдарына ошо кейемдәрҙе кейҙер. Һарунды һәм уның улдарын зәйтүн майы менән мәсехлә, уларҙы изгеләндереп, ҡаһинлыҡҡа бағышла һәм улар Минең ҡаһиндарым булыр. Билдән теҙгә тиклем ҡаплап торорлоҡ итеп етендән эске ыштан тектер. Осрашыу сатырына ингән йәки мөҡәддәс урында ҡаһин хеҙмәтен үтәп ҡорбан усағына яҡынайған саҡта, Һарун һәм улдары ошо ыштанды кейһен. Юҡһа улар ғәйепле булыр һәм үлемгә дусар ителер. Был – Һарун һәм уның нәҫелдәре өсөн мәңгелек ҡағиҙә. Минең ҡаһиндарым булһындар өсөн, Һарун менән улдарын бына ни рәүешле изгеләндерергә тейешһең. Бөтә ағзалары теүәл бер башмаҡ менән ике һарыҡ тәкәһе ал. Сөсө икмәк, зәйтүн майына баҫылған күмәс, зәйтүн майы һөртөлгән йоҡа ғына сөсө көлсәләр ал – улар бөтәһе лә иң яҡшы бойҙай ононан бешерелһен. Уларҙы бер кәрзингә һал да үгеҙ һәм ике һарыҡ менән бергә Миңә алып кил. Һарунды улдары менән Осрашыу сатыры ауыҙына килтер ҙә уларҙы һыу менән йыуындыр. Һарунға кейемдәрен – күлдәген, эфод аҫтына ябынсаһын, эфодын һәм түшлеген кейҙер. Билен эфод билғауы менән быу. Һарундың башына сәллә кейҙер, сәлләгә изгелек тажын беркет. Шунан мәсехләү йолаһын башҡар: мәсех майы алып, Һарундың башына ҡой. Һарундың улдарын алып кил һәм уларға күлдәк кейҙер, билдәрен билғау менән быу, баштарына бәйҙәрен бәйлә. Мәңгелек ҡағиҙә булараҡ, ҡаһинлыҡ вазифаһы Һарунға һәм уның улдарына бирелә – һин уларҙы ҡаһинлыҡҡа ошо рәүешле бағышларһың. Үгеҙҙе Осрашыу сатыры алдына алып кил. Һарун менән улдары ҡулдарын үгеҙҙең башына ҡуйһын. Үгеҙҙе Осрашыу сатыры ауыҙында, Раббы хозурында, сал. Ҡанына бармағыңды манып ҡорбан усағының мөгөҙҙәренә һөрт, ҡалған ҡанды ҡорбан усағының төбөнә түк. Үгеҙҙең эске ағзаларын ҡаплаған бөтә майҙы, бауыр аҫтындағы өлөшөн һәм майы менән бергә ике бөйөрөн алып, уларҙы ҡорбан усағында яндыр. Үгеҙҙең ите менән тиреһен, уның нәжесен тупламдан ситкә сығарып яндыр. Был – гонаһ ҡорбаны. Шунан һарыҡ тәкәһенең береһен алып кил. Һарун менән улдары ҡулдарын уның башына ҡуйһын. Тәкәне сал һәм уның ҡанын һәр яҡлап ҡорбан усағына һирпеп сыҡ. Тәкә түшкәһен киҫәктәргә тура. Уның эс-ҡарынын һәм тояҡтарын йыуып, башының һәм бүтән өлөштәренең өҫтөнә һал да тәкәне ҡорбан усағында яндыр. Раббы өсөн тотош яндырыу ҡорбаны, Уға күркәм хуш еҫ, Раббыға ут ҡорбаны был. Икенсе һарыҡ тәкәһен ал. Һарун менән улдары ҡулдарын уның башына ҡуйһын. Тәкәне сал. Тәкәнең бер аҙ ҡанын алып Һарундың һәм уның улдарының уң ҡолаҡтары осона, уң ҡулдарының баш бармағына һәм уң аяҡтарының баш бармағына һөрт. Ҡанды ҡорбан усағының яҡ-яғына һирпеп сыҡ. Шунан ҡорбан усағы өҫтөндәге ҡанды һәм мәсех майын алып, уларҙы Һарундың өҫтөнә, уның кейемдәренә, шулай уҡ Һарун улдарының өҫтөнә һәм уларҙың кейемдәренә һирп. Ана шулай Һарун һәм уның кейемдәре, Һарун улдары һәм уларҙың кейемдәре изгеләндерелһен. Һарыҡ тәкәһенең майын һәм ҡойроҡ майын, эсәк-ҡарынын ҡаплаған бөтә майҙы, бауыр аҫтындағы өлөшөн һәм майы менән бергә ике бөйөрөн ал. Был тәкә ҡаһинлыҡҡа бағышлау ҡорбаны булғанлыҡтан, уның артҡы уң ботон ал. Раббы хозурына ҡуйылған сөсө икмәкле кәрзиндән бер икмәк, зәйтүн майына баҫылған бер күмәс һәм бер йоҡа көлсә ал. Быларҙың бөтәһен дә Һарундың һәм уның улдарының ҡулына һал һәм, һелкетмә ҡорбан булараҡ, Раббы хозурында күтәреп күрһәт. Шунан барыһын да уларҙың ҡулынан ал да тотош яндырыу ҡорбаны менән бергә ҡорбан усағында яндыр. Раббыға күркәм хуш еҫ, Раббыға ут ҡорбаны был. Һарунды бағышлау ҡорбаны итеп килтерелгән һарыҡ тәкәһенең түшен ал да уны, һелкетмә ҡорбан булараҡ, Раббы хозурында өҫкә күтәреп күрһәт. Был – һинең өлөшөң. Һарун менән уның улдарын ҡаһинлыҡҡа бағышлағанда ҡорбан ителгән һарыҡ тәкәһенең күтәреп күрһәтелгән түш итен һәм саҙаҡа итеп килтерелгән артҡы ботон – изгеләндер. Исраил халҡы ҡорбан малының ошо өлөштәрен Һарунға һәм уның улдарына бирергә тейеш, сөнки был уларҙың мәңгелек өлөшө. Исраилдарҙың татыулыҡ ҡорбандарынан Раббыға саҙаҡа был. Һарундың изге кейемдәре үҙенән һуң улдарына ҡалыр: уларҙы ошо кейемдә мәсехләп, ҡаһинлыҡҡа бағышларҙар. Һарун урынына ҡаһин булып изге урында хеҙмәт итер өсөн Осрашыу сатырына кергән улы рәттән ете көн был кейемдәрҙе кейһен. Бағышлау ҡорбаны итеп салынған һарыҡ тәкәһенең итен ал да изге урында бешер. Һарун үҙ улдары менән бергә был итте һәм кәрзиндә ятҡан икмәкте Осрашыу сатыры ауыҙында ашаһын. Уларҙы ҡаһинлыҡҡа бағышлағанда һәм изгеләндергәндә гонаһтарынан паклау өсөн килтерелгән ҡорбандарҙы улар үҙҙәре ашарға тейеш. Сит кеше быны ашай алмай, сөнки ул нәмәләр – изге. Әгәр ҙә бағышлау ҡорбанының ите йәки икмәге иртәнгә тиклем ҡалһа, ҡалғанының бөтәһен дә яндыр. Быны бер кем дә ашарға тейеш түгел, сөнки ул – изге. Һарунға һәм уның улдарына ҡарата Мин һиңә ҡушҡандарҙың барыһын да үтә. Уларҙы ҡаһинлыҡҡа бағышлау ете көн дауам итһен. Көн һайын, пакланыу өсөн, гонаһ ҡорбаны булараҡ бер үгеҙ килтер. Ҡорбан усағын пакла һәм изгеләндереү өсөн уны мәсехлә. Ете көн ҡорбан усағын пакландыр һәм изгеләндер, шулай итеп ҡорбан усағы изгеләрҙән-изге булыр. Уға ҡағылған бөтә нәмә лә изгегә әйләнер. Көн һайын даими рәүештә ҡорбан усағында бер йәшлек ике тәкә бәрәсте ҡорбанға килтер. Береһен – иртәнсәк, икенсеһен кис ҡорбан ит. Беренсе һарыҡ менән бергә, һиндың дүрттән бер өлөшө күләмендә ҡул менән һығылған зәйтүн майына бутап, эфаның ундан бер өлөшө күләмендә иң яҡшы бойҙай онон һәм һиндың дүрттән бер өлөшө күләмендә түкмә ҡорбан тәҡдим ит. Икенсе бәрәсте, иртәнге кеүек, икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбан менән кис ҡорбан ит. Раббыға күркәм хуш еҫ, Раббыға ут ҡорбаны был. Был тотош яндырыу ҡорбанын Осрашыу сатырына ингән урында, Раббы хозурында, быуындан-быуынға, даими рәүештә килтерегеҙ. Мин унда исраилдар менән осрашырмын, һинең менән һөйләшермен. Унда Мин Исраил халҡы менән осрашырмын һәм был урын Минең шөһрәтем менән изгеләнер. Мин Осрашыу сатырын һәм ҡорбан усағын изгеләндерермен, Миңә ҡаһин булып хеҙмәт итһендәр өсөн, улдары менән Һарунды изгеләндерермен. Мин Исраил халҡы араһында төйәкләнермен һәм уларҙың Аллаһы булырмын. Һәм улар, араларында төйәкләнер өсөн уларҙы Мысырҙан алып сыҡҡан Аллалары Раббы икәнемде белер. Мин – уларҙың Аллаһы Раббымын! Сәрүәр ағасынан хуш еҫ төтәтә торған ҡорбан усағы эшлә. Ул буйы менән иңе – берәр терһәк, бейеклеге ике терһәк ҙурлығында дүрткел булһын. Мөгөҙҙәре ҡорбан усағы менән бер бөтөндө тәшкил итһен. Уның өҫтөн, ян-яҡтарын һәм мөгөҙҙәрен саф алтын менән көплә, ситтәрен алтын менән ҡаймала. Ике алтын дүңгәләк эшлә һәм ҡорбан усағын күсереп йөрөтөргә ҡолға кейҙереп ҡуйыр өсөн уларҙы, ситтәре буйлап, ҡайма аҫтына беркетеп ҡуй. Сәрүәр ағасынан ҡолғалар эшлә һәм уларҙы алтын менән көплә. Был ҡорбан усағын Килешеү һандығы алдындағы пәрҙә ҡаршыһына – һинең менән осрашҡан ваҡытта Мин тораһы ҡапҡас ҡаршыһына ҡуй. Был ҡорбан усағында башҡа төрлө хуш еҫ төтәтеү ҙә, тотош яндырыу ҡорбаны ла, икмәк саҙаҡаһы ла, түкмә ҡорбан да башҡармағыҙ. Йылына бер тапҡыр Һарун ҡорбан усағының мөгөҙҙәрен гонаһ ҡорбанының ҡаны менән пакландырһын. Быуындан-быуынға йылына бер тапҡыр ҡорбан усағын пакландырыу йолаһын башҡарырға кәрәк. Был ҡорбан усағы – Раббы өсөн изгеләрҙән-изге. Раббы Мусаға былай тине: – Һин Исраил халҡының иҫәбен алған саҡта, һәр кем үҙе өсөн Раббыға йолом аҡсаһы бирһен. Шул сағында уларға, иҫәпкә алынғанда, бәлә янамаҫ. Иҫәпкә алынған һәр кем, изге шекелгә күрә ярты шекел (шекелдә – егерме гера) көмөш индерһен; был ярты шекел – Раббыға саҙаҡа. Егерме йәше тулған һәм унан өлкән һәр кем иҫәпкә алынғанда Раббыға ошондай саҙаҡа килтерһен. Раббыға йәнегеҙ өсөн йолом аҡсаһы итеп ошо саҙаҡаны килтергәндә, бай ярты шекелдән күп, ә ярлы ярты шекелдән кәм бирмәһен. Исраил халҡынан ошо йолом аҡсаһын йыйып ал да уны Осрашыу сатырындағы хеҙмәтте башҡарыуға тотон. Был йолом Раббыға исраилдарҙы иҫкә төшөрөү, уларҙың йәндәрен паклау өсөн булыр. Раббы Мусаға былай тине: – Йыуыныу өсөн баҡыр һауыт эшлә. Уның таяуы ла баҡыр булһын. Уны Осрашыу сатыры менән ҡорбан усағы араһына ҡуй ҙа һыу тултыр. Һарун менән улдары аяҡ-ҡулдарын шул һыу менән йыуһын. Осрашыу сатырына ингән һайын улар йыуынырға тейеш, шул сағында үлмәҫтәр. Раббыға хеҙмәт итеп ут ҡорбаны килтереү өсөн ҡорбан усағына яҡынлашыр алдынан да улар аяҡ-ҡулдарын йыуһын, юғиһә харап булырҙар. Һарун һәм уның нәҫелдәре өсөн быуындан-быуынға, мәңгелек ҡағиҙә был. Раббы Мусаға былай тине: – Иң хуш еҫле матдәләр: биш йөҙ шекел шыйыҡ мирра, унан ике тапҡыр кәмерәк – ике йөҙ илле шекел еҫле дәрсен, ике йөҙ илле шекел хуш еҫле ҡамыш, биш йөҙ шекел кассия (бөтәһе лә изге шекелгә күрә), шулай уҡ бер һин зәйтүн майы ал. Ошоларҙан, хушбуй әҙерләгәндәге һымаҡ, изге мәсех майы яһа. Был мәсех майы изге. Уны Осрашыу сатырына, Килешеү һандығына, бөтә һауыт-һабалары менән өҫтәлгә, бөтә кәрәк-ярағы менән шәмдәлгә, хуш еҫ төтәтеү өсөн тәғәйенләнгән ҡорбан усағына, тотош яндырыу ҡорбаны усағына һәм уның әйберҙәренә, йыуынғыс менән уның таяуына һөрт. Быларҙың һәммәһен дә изгеләндер – улар изгеләрҙән-изгегә әйләнер. Был әйберҙәргә ҡағылған һәр нәмә изге булыр. Миңә ҡаһинлыҡ итһендәр өсөн, Һарун менән улдарын да мәсехләп изгеләндер. Исраил халҡына әйт: «Быуындан-быуынға был изге мәсех майы бары Мин Раббы өсөн ҡулланыласаҡ. Уны ғәҙәти кешенең тәненә һөртөргә ярамай, ошондай май әҙерләмәгеҙ. Ул изге – һеҙҙең өсөн изге булып ҡалһын! Үҙе өсөн ошондай ҡатнашма эшләгән йәки уны бүтәндәргә һөрткән һәр кем халҡы араһынан ҡыуылыр». Раббы Мусаға былай тине: – Тигеҙ күләмдә бына ошондай хуш еҫле матдәләр ал: шехелеҫты һәм натаф, хелбана, ладан сайырҙарын ал. Уларҙан, хушбуй әҙерләгәндәге һымаҡ, хуш еҫле ҡатнашма яһа. Ул тоҙланған, таҙа һәм изге булһын. Уның бер аҙын ваҡ ҡына итеп төй ҙә Мин һинең менән осраша торған Осрашыу сатырына, Килешеү һандығы алдына, ҡуй. Был хуш еҫле ҡатнашма һеҙҙең өсөн изгеләрҙән-изге булыр. Үҙегеҙ өсөн бындай ҡатнашма эшләмәгеҙ: ул һеҙҙең өсөн Раббының изгеһе булһын. Еҫен үҙе еҫкәр өсөн бындай ҡатнашма эшләгән һәр кем халҡы араһынан ҡыуылыр. Раббы Мусаға: – Бел: Мин Йәһүҙә ырыуынан Хурҙан тыуған Ури улы Бесалилды һайлап алып, уға Алла рухы иңдерҙем – зирәк аҡыл һәм һәләт, һәр эштә белем һәм оҫталыҡ бирҙем, – тине. – Ул алтын, көмөш һәм баҡырҙан төрлө әйберҙәр уйлап табыу һәм яһау оҫталығына эйә; тирәсәгә кейҙереү өсөн таш юна, шулай уҡ ағас семәрләй белә – һәр кәсепкә оҫта. Мин уға ярҙамсы итеп Дан ырыуынан Ахисамах улы Оһолиавты ҡуйҙым һәм бөтә оҫталарға ла таһыл бирҙем. Улар Мин һиңә бойорғандарҙың барыһын да эшләр. Осрашыу сатырын, Килешеү һандығын, һандыҡ ҡапҡасын һәм сатырҙың бөтә кәрәк-ярағын, өҫтәлде һәм уның һауыт-һабаһын, саф алтындан шәмдәлде һәм уның бөтә кәрәк-ярағын, төтәтеү өсөн ҡорбан усағын, тотош яндырыу ҡорбаны усағын һәм уның йыһаздарын, йыуынғысты һәм уның таяуын; хеҙмәт атҡарыу өсөн туҡылған кейемдәрҙе – Һарун ҡаһиндың изге кейемдәрен һәм уның улдарының ҡаһинлыҡ кейемдәрен; шулай уҡ мәсех майын, Изге сатырҙа төтәтеү өсөн хуш еҫле матдәләр ҡатнашмаһын эшләһендәр. Улар быларҙың барыһын да Мин һиңә бойорғанса эшләргә тейеш. Раббы Мусаға былай тине: – Һин исраилдарға әйт: «Минең шәмбеләремде һаҡлағыҙ. Шәмбе – Мин, Раббы, һеҙҙе изге булыр өсөн Үҙемә айырып алғанды онотмаһын өсөн, Минең менән һеҙҙең араға быуындан-быуынға ҡуйылған билдә ул. Шәмбене һаҡлағыҙ: ул һеҙҙең өсөн изге. Шәмбене боҙған кеше үлемгә дусар ителергә тейеш, шәмбе көнө эшләгән һәр кем халҡы араһынан ҡыуылыр. Алты көн эшләһендәр, етенсе көн – шәмбе, ял көнө, Раббыға бағышланған изге көн. Шәмбе көнө эшләгән һәр кем үлемгә дусар ителергә тейеш. Исраил халҡы быуындан-быуынға шәмбене һаҡлаһын – был мәңгелек килешеү. Минең менән Исраил халҡы араһында мәңгегә ҡуйылған билдә ул. Сөнки Мин Раббы алты көн эсендә күк менән ерҙе яраттым, етенсе көндө, эште тамамлап, ял иттем». Синай тауында, Муса менән һүҙен тамамлағас, Алла уға Үҙ бармағы менән яҙған ике таҡтаташты – килешеү таҡтаташтарын бирҙе. Мусаның һаман тауҙан әйләнеп ҡайтмауын күргәс, халыҡ Һарунды уратып алды ла: – Беҙгә үҙ артынан эйәртерлек илаһ эшлә, – тине, – сөнки беҙҙе Мысырҙан алып сыҡҡан әҙәм, теге Муса менән нимә булғанын белмәйбеҙ. Һарун уларға: – Ҡатындарығыҙҙың, ул һәм ҡыҙҙарығыҙҙың ҡолағынан алтын алҡаларын һалдырып алып килегеҙ, – тип бойорҙо. Кешеләр Һарунға алтын алҡаларын сисеп бирҙе. Һарун уларҙы иретте лә үгеҙ башмаҡ һыны ҡойҙо. Ә кешеләр: – Эй Исраил, бына һине Мысырҙан алып сыҡҡан аллаң! – тип ҡысҡырышты. Шунан Һарун үгеҙ һыны алдына ҡорбан усағы эшләне лә: – Иртәгә Раббы хөрмәтенә байрам булыр, – тип иғлан итте. Иртәгәһенә иртәнсәк халыҡ тотош яндырыу ҡорбаны һәм татыулыҡ ҡорбаны салды. Шунан ашарға-эсергә керештеләр, артабан инде күңел асырға тотондолар. Шул саҡ Раббы Мусаға: – Тиҙ бул, тау башынан төш, – тине. – Һинең Мысырҙан алып сыҡҡан халҡың боҙолдо. Мин бойорған юлдан улар ҡайһылай тиҙ ситкә ҡайырылды. Үҙҙәренә үгеҙ башмаҡ һыны ҡойоп алып, уға сәждә ҡыла һәм ҡорбан килтерә башланылар. «Бына һинең аллаң, Исраил! Ул һине Мысырҙан алып сыҡты», – тиҙәр. Раббы тағы: – Күрәм, был халыҡ ифрат тиҫкәре. Ҡалдыр Мине: ялҡынлы асыуымды өҫтәренә түгәйем дә уларҙы юҡ итәйем. Ә һинән бөйөк халыҡ хасил итермен, – тине. Ләкин Муса Аллаһы Раббыға ялбара башланы. – Раббым! – тине ул. – Ниңә Һинең Үҙеңдең ҡөҙрәтең – көслө ҡулың менән Мысырҙан алып сыҡҡан халҡыңа ҡарата асыуың ялҡынлана? Мысырҙарҙың: «Ул халыҡты уҫал ниәт менән, тауҙарҙа үлтереп ер йөҙөнән юҡ итер өсөн алып сыҡты», – тип әйтеүе ниңә кәрәк? Асыуланма, шәфҡәтеңде күрһәт, Үҙ халҡыңды һәләк итмә! Ҡолдарың Ибраһимды, Исхаҡты һәм Исраилды иҫеңә төшөр. Һин уларға: «Тоҡомоғоҙҙо күктәге йондоҙҙар һымаҡ күп итәм, вәғәҙә иткән ерҙе вариҫтарығыҙға мәңгелек биләмәгә бирәм», – тип Үҙең менән ант иткәйнең. Шунан Раббы шәфҡәтен күрһәтте, Үҙ халҡына бәлә килтереү ниәтенән кире ҡайтты. Муса боролдо ла тауҙан төшә башланы. Ул ҡулына ике яғына ла килешеү һүҙҙәре яҙылған ике таҡтаташ тотҡайны. Уларҙы Алла Үҙе эшләне, ундағы яҙыуҙарҙы ла Үҙе уйып яҙҙы. Йушағ, кешеләрҙең ҡысҡырышҡанын ишетеп, Мусаға: – Тупламда һуғыш шауы ишетелә, – тине. Муса былай тип яуапланы: – Был еңеү ауазы түгел, Еңелеү иңрәүе лә түгел был! Мин типтереү йырҙары ишетәм! Тупламға яҡынайыу менән Муса үгеҙ башмаҡ һынын, халыҡтың бейешкәнен күрҙе. Асыуы ялҡынланып, ҡулындағы таҡтаташтарҙы тау итәгендә ергә күтәреп бәрҙе лә улар селпәрәмә килеп ватылды. Халыҡ яһаттырған үгеҙ башмаҡ һынын алып утта яндырҙы, туҙанға әйләнгәнсе онтаны. Онтағын һыуға һибеп, уны исраилдарға эсерҙе. – Был халыҡ һиңә нимә эшләне? Ниңә һин уларҙы шундай ауыр гонаһҡа тарыттың? – тип һораны Муса Һарундан. – Асыуланма, хакимым! Был кешеләрҙең яһиллыҡҡа әүәҫлеген үҙең беләһең. Улар миңә: «Беҙгә үҙ артынан эйәртерлек илаһ эшлә, сөнки беҙҙе Мысырҙан алып сыҡҡан әҙәм, теге Муса менән нимә булғанын белмәйбеҙ», – тинеләр. Мин уларға: «Кемегеҙҙә алтын бар, килтерегеҙ», – тинем. Алып килделәр. Мин алтынды утҡа ташланым да бына ошо үгеҙ башмаҡ килеп сыҡты. Муса халыҡтың бәйҙән ысҡынғанын, Һарундың дошмандар алдында көлкөгә ҡалыуға юл ҡуйғанын күрҙе. Тупламдың ҡапҡа төбөнә баҫып, Муса: – Кемдәр Раббы яҡлы? Минең яныма килегеҙ! – тип бойорҙо. Бөтә Леви нәҫеле уның тирәһенә йыйылды. Муса уларға былай тине: – Исраил Аллаһы Раббы әйтә: «Ҡылыстарығыҙҙы алығыҙ ҙа туплам буйлап ҡапҡанан-ҡапҡаға тиклем үтегеҙ. Һәр кем туғанын үлтерһен, дуҫын үлтерһен, күршеһен үлтерһен». Леви нәҫелдәре Мусаның бойороғон үтәне: был көндө өс меңгә яҡын кеше ҡырылды. – Бөгөн, – тине Муса, – һеҙҙең һәр берегеҙ улының һәм ағай-энеһенең йәне аша үҙен Раббы өсөн хеҙмәткә бағышланы. Бөгөн һеҙгә фатиха бирелер. Иртәгәһенә Муса халыҡҡа: – Һеҙ ҡот осҡос гонаһ ҡылдығыҙ. Ләкин хәҙер мин Раббы хозурына күтәреләм, бәлки, гонаһтарығыҙҙы ярлыҡауын үтенә алырмын, – тине. Муса, Раббы янына ҡабат барып: – Был халыҡтың гонаһы ҡот осҡос ауыр: улар үҙҙәренә алтындан илаһ яһаған, – тине. – Инде ялбарам, уларҙың гонаһтарын ғәфү итә күр. Ярлыҡамаҫ булһаң, яҙып ҡуйған китабыңдан исемемде юйып ташла. – Кем Миңә ҡаршы гонаһ эшләгән, шуның исемен китабымдан юйырмын, – тип яуапланы Раббы. – Бар, халыҡты Мин әйткән ергә алып кит. Фәрештәм алдыңдан барыр. Яза көнө килгәс, Мин уларҙы гонаһтарына күрә язалармын. Раббы үгеҙ башмаҡ һыны – теге, Һарун яһаған үгеҙ башмаҡ һыны өсөн – Исраил халҡын бәләгә ҡалдырҙы. Раббы Мусаға: – Мысырҙан алып сыҡҡан халҡың менән бынан китегеҙ. Мин Ибраһимға, Исхаҡҡа һәм Яҡупҡа, тоҡомоғоҙға бирәм, тип ант иткән ергә барығыҙ, – тине. – Алдыңдан Үҙемдең фәрештәмде ебәрәм, ҡәнғәниҙәрҙе, әмөриҙәрҙе, хиттиҙәрҙе, перизиҙәрҙе, хиууиҙәрҙе һәм йевусиҙәрҙе ҡыуып таратам. Һөт һәм бал ағып ятҡан шул ергә барығыҙ. Әммә һеҙ – тиҫкәре халыҡ, шуға күрә Үҙем һеҙҙең менән бармайым, юҡһа юл ыңғайында һеҙҙе харап итеүем бар. Кешеләр, был янау һүҙҙәрен ишеткәс, ҡайғыға батты. Бер кем дә биҙәнеү әйберҙәре таҡманы. Раббы Мусаға былай тигәйне: – Исраил халҡына еткер: һеҙ – тиҫкәре халыҡ, әгәр ҙә Мин саҡ ҡына һеҙҙең менән барһам, ҡырып бөтөрәсәкмен! Биҙәнеү әйберҙәрен сисеп ташлағыҙ. Ә Мин һеҙҙең менән ни эшләргә икәнен Үҙем ҡарармын. Шунда, Хорев тауы итәгендә, Исраил халҡы биҙәнеү әйберҙәрен систе һәм башҡаса таҡманы. Муса тупламдан ситкәрәк китеп сатыр ҡорҙо һәм уны «осрашыу сатыры» тип атаны. Раббынан берәй нәмә һорарға теләгән һәр кем тупламдан ситтә ҡоролған ул сатырға килә ине. Муса сатырға табан йүнәлһә, барыһы ла үҙ сатырҙары ауыҙына баҫып, Муса сатырға ингәнсе артынан ҡарап ҡала торғайны. Муса сатырға ингәс, болот бағанаһы аҫҡа төшә, сатырға ингән ерҙә алдына тора, Раббы Муса менән һөйләшә. Болот бағанаһын күреп, бөтәһе лә үҙ сатырҙары алдында сәждә ҡыла. Раббы Муса менән йөҙмә-йөҙ, дуҫтарса һөйләшә. Шунан Муса тупламға ҡайта, ә Мусаның ярҙамсыһы Нун улы Йушағ сатырҙа ҡала – уны ташлап китмәй. Муса Раббыға былай тине: – Һин миңә был халыҡты ары алып китергә ҡуштың, ләкин минең менән кемде ебәреүеңде әйтмәнең. Исемең менән беләм һине, тинең, күңелемә күркәмһең, тинең. Әгәр ысынлап та шулай икән, ялбарып һорайым, миңә Үҙ ниәтеңде ас, Һине таныйым һәм күңелеңә күркәм булып ҡалайым. Был кешеләр – Һинең халҡың бит! – Һинең менән Үҙем барам һәм һиңә тыныслыҡ бирәм, – тип яуапланы Раббы. Муса былай тине: – Әгәр ҙә Һин беҙҙең менән бармаһаң, беҙҙе бынан китергә мәжбүр итмә. Беҙҙең – мин һәм Һинең халҡыңдың – күңелеңә хуш булыуыбыҙҙың билдәһе нимә? Һинең беҙҙең менән барыуың түгелме? Шуның менән Һин беҙҙе ерҙәге бүтән ҡәүемдәрҙән айыраһың да инде. Раббы Мусаға: – Мин был үтенесеңде лә үтәйем, сөнки һин Минең күңелемә хушһың һәм Мин һине исемең менән беләм, – тип яуапланы. – Зинһар, Һин миңә Үҙеңдең шөһрәтеңде күрһәт, – тип үтенде Муса. Раббы: – Мин бөтә шөһрәтемде һинең алдан үткәрермен, Һинең алда «Раббы» исемен иғлан итермен. Кемгә теләһәм, шуға ҡарата рәхимлемен, Кемгә теләһәм, шуға шәфҡәт күрһәтермен, – тип вәғәҙә итте. – Ләкин һин Минең йөҙөмдө күрә алмаҫһың, – тине Раббы Мусаға. – Кеше, Мине күреп, иҫән ҡала алмай. – Бында, Минең эргәмдә, бер урын бар, – тине Раббы. – Шунда ҡая өҫтөнә баҫ. Шөһрәтем эргәңдән үтеп барғанда, Мин һине шул ҡая егенә йәшерермен һәм ҡулым менән ҡаплармын. Үтеп киткәс, ҡулымды алырмын. Һин Мине арттан ғына күрерһең, әммә йөҙөмдө күрә алмаҫһың. Раббы Мусаға былай тине: – Элеккеләренә оҡшатып, ике таҡтаташ юн. Мин унда һин ярған теге таҡтаташтағы һүҙҙәрҙе тағы яҙырмын. Иртәнсәккә әҙер бул. Иртәнсәк Синай тауына мен дә тау башында Минең хозурыма баҫ. Һинең артыңдан берәү ҙә эйәрмәһен, был тауҙа берәү ҙә күренмәһен. Тау итәгендә мал-тыуар ҙа йөрөмәһен. Муса, Раббы ҡушҡанса, таштан элеккеһенә оҡшатып ике таҡтаташ юнды һәм таң һарыһынан, ҡулына таҡтаташтарын тотоп, Синай тауына күтәрелде. Раббы болот эсендә аҫҡа төштө, Муса алдына баҫып, Үҙенең «Раббы» исемен әйтте. Раббы Муса алдынан үтеп, былай иғлан итте: – Раббы, Раббы, рәхимле һәм мәрхәмәтле, сикһеҙ түҙемле, оло мөхәббәтле һәм тоғро Раббы Алла. Мөхәббәтен меңенсе быуынға ҡарата ла һаҡлай; ғәйептәрҙе, гонаһтарҙы һәм енәйәттәрҙе ғәфү итә. Әммә ғәйеплене ғәйепһеҙ тип танымай: аталарының ғәйебе өсөн балаларын өсөнсө-дүртенсе быуынға тиклем язалар. Муса йәһәт кенә ергә ятып сәждә ҡылды һәм былай тине: – Бөйөк Хакимым! Әгәр ҙә мине хуш күрһәң, әйҙә беҙҙең менән, бөйөк Хакимым минең! Эйе, был халыҡ тиҫкәре, шулай ҙа беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы һәм енәйәттәребеҙҙе ярлыҡа ла беҙҙе Үҙ биләмәң итеп ал. – Һинең халҡың менән килешеү төҙөйөм, – тип яуапланы Раббы. – Улар алдында бер генә ерҙә лә, бер генә ҡәүемдә лә булмаған хикмәттәр ҡылам. Һин араларында йәшәгән бөтә халыҡтар һинең өсөн Мин Раббы ҡылған бөйөк эштәрҙе күрер. Мин әле һеҙгә бойорғандарҙың бөтәһен дә үтәгеҙ. Мин әмөриҙәрҙе һәм ҡәнғәниҙәрҙе, хиттиҙәрҙе һәм перизиҙәрҙе, хиууиҙәрҙе һәм йевусиҙәрҙе күҙ алдығыҙҙан ҡасырға мәжбүр итермен. Ҡарағыҙ, һеҙ барған ерҙә йәшәүселәр менән килешеү төҙөшмәгеҙ – был һеҙгә тоҙаҡ буласаҡ! Уларҙың ҡорбан усаҡтарын емерегеҙ, табыныу бағаналарын ватығыҙ, алиһә Ашера хөрмәтенә ҡуйылған ҡолғаларын ҡырҡып ташлағыҙ. Башҡа илаһтарға табынмағыҙ, сөнки Раббының исеме – Көнсөл, Ул көндәштәрҙе түҙмәй. Шуға күрә ул ерҙә йәшәүселәр менән килешеү төҙөшмәгеҙ. Улар үҙ илаһтары менән зина ҡылып, ҡорбан килтергән ваҡытта һеҙҙе лә саҡырыр, һеҙ ҙә уларҙың ҡорбан итен ашарһығыҙ. Уларҙың ҡыҙҙарын улдарығыҙға кәләш итеп алмағыҙ. Улар үҙ илаһтары менән яманлыҡ ҡылғанда, улдарығыҙҙы ла ошо яманлыҡҡа тартыр. Үҙеңә ҡойолма илаһтар яһама. Мин һеҙгә ҡушҡанса, авив айының тәғәйен ваҡытында ете көн сөсө икмәк ашап, Сөсө икмәк байрамын үткәрегеҙ. Сөнки авив айында Мысырҙан сыҡтығыҙ. Бөтә тәү тыуғадар Минеке. Һыйырҙыҡы булһынмы, һарыҡтыҡымы – тәүге түлдән тыуған иркәк мал – Миңә. Ишәктең тәүге быҙауын һарыҡ бәрәсе биреп йолоп алығыҙ, йолоп алғығыҙ килмәһә – муйынын бороп һындырығыҙ. Һәр ҡайһығыҙҙың беренсе ир балаһы йолом түләп алынырға тейеш. Бер кем дә Минең хозурыма буш ҡул менән килмәһен. Алты көн эшлә, етенсе көнөнә ял ит, хатта һөргән һәм урған сағыңда ла эшеңде туҡтатып тор. Бойҙайҙың тәүге уңышын йыйғас, Аҙналар байрамын үткәр. Йыл аҙағында Уңыш йыйыу байрамын үткәр. Бөтә ир-егеттәрегеҙ йылына өс тапҡыр бөйөк Хаким алдына – Исраил Аллаһы Раббы хозурына килеп баҫырға тейеш. Әгәр ҙә йылына өс тапҡыр Аллағыҙ Раббы хозурына килеп баҫыр булһағыҙ, Мин халыҡтарҙы һеҙҙең алдығыҙҙан ҡасырға мәжбүр итермен, биләмәләрегеҙҙе киңәйтермен, бер кем дә ерегеҙҙе тартып ала алмаҫ. Миңә килтерелгән ҡорбандың ҡанын әсе икмәк менән бергә тәҡдим итмә. Ҡотҡарылыу байрамына килтерелгән ҡорбан иртәнсәккә тиклем ҡалмаһын. Ерең биргән тәүге уңыштың иң яҡшыһын Аллаң Раббының йортона алып кил. Кәзә бәрәсен инәһенең һөтөндә бешермә. Раббы Мусаға: – Был һүҙҙәрҙе яҙып ҡуй, – тине. – Был – Мин һинең менән һәм исраилдар менән төҙөгән килешеүҙең шарттары. Муса Раббы менән ҡырҡ көн һәм ҡырҡ төн булды. Ауыҙына икмәк тә, һыу ҙа ҡапманы. Ул таҡтаташтарға килешеү шарттарын – Ун бойороҡто яҙып ҡуйҙы. Муса Синай тауынан төшкәндә, ҡулына килешеү яҙылған ике таҡтаташ тотҡайны. Раббы менән һөйләшкәнгә күрә йөҙө нур сәсеп тора, әммә Муса үҙе был хаҡта белмәй ине. Һарун менән Исраил халҡы, Мусаның йөҙөнән нур сәселгәнен күргәс, уға яҡынайырға ҡурҡты. Муса уларҙы эргәһенә саҡырҙы. Һарун менән йәмғиәт башлыҡтары уға яҡын килде, һәм Муса һүҙ башланы. Шунан ҡалған исраилдар ҙа килде. Муса уларға Раббының Синай тауында үҙенә белдергән бөтә бойороҡтарын бәйән итте. Улар менән һөйләшеп бөткәндән һуң, йөҙөнә япма япты. Һәр саҡ, Раббы менән һөйләшер өсөн Уға яҡынайғанда, Муса йөҙөнән япманы алыр булды. Әйләнеп ҡайтҡас, Исраил халҡына Раббы үҙенә бойорғандарҙы хәбәр итер, Исраил халҡы уның йөҙөнән нур һибелгәнен күрер ине. Муса, Раббы менән киләһе һөйләшкәнгә тиклем, йөҙөн йәнә япма менән ябыр булды. Муса, бөтә Исраил йәмғиәтен йыйып, былай тине: – Раббы һеҙгә бына нимәләр эшләргә бойорҙо: алты көн эшләрһегеҙ, ә етенсе көн – шәмбе, Раббыға бағышланған изге ял көнө. Шәмбе көндө эшләгән һәр кем үлемгә дусар ителер. Шәмбе көнө өйҙәрегеҙҙә ут яғырға ла ярамай. – Бына нимә ҡушты Раббы, – тине Муса Исраил йәмғиәтенә. – Раббы өсөн иғәнә йыйығыҙ. Теләгән һәр кем Раббыға алтын, көмөш, баҡыр, зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөн еп, сиратылған нәфис етен еп һәм кәзә дебете, ҡыҙылға буялған һәм иләнгән һарыҡ тәкәһе тиреһе, йоҡа итеп эшкәртелгән күн, сәрүәр ағасы, майшәм өсөн зәйтүн майы, мәсех майы һәм төтәтеү майы өсөн хуш еҫле матдәләр, эфод менән баш ҡаһин түшлеген биҙәр өсөн тирәсәгә кейҙереп ҡуя торған оникс һәм башҡа аҫыл таштарҙы килтерһен. Оҫталарығыҙ килеп Раббы эшләргә ҡушҡан бөтә нәмәләрҙе: Изге сатырҙы, уның япмаһын һәм өҫкө ябыуын; ҡаптырмаһын, рамдарын һәм һайғауҙарын, бағаналарын һәм төптәрен; һандыҡты һәм уға ҡолғаларҙы, һандыҡ ҡапҡасын һәм айырып торған пәрҙәне; өҫтәлде, уның ҡолғаларын һәм һауыт-һабаһын, Раббы хозурына ҡуйыла торған изге икмәкте; шәмдәлде һәм уның кәрәк-ярағын, майшәмдәрҙе, шәм өсөн майҙы; төтәтеү өсөн ҡорбан усағын һәм уға ҡолғаларҙы, мәсех майын һәм төтәтеү өсөн хуш еҫле матдәләр ҡатнашмаһын, Изге сатырға инер юлды яба торған ҡорманы; тотош яндырыу ҡорбаны өсөн баҡыр рәшәткәле ҡорбан усағын, уның ҡолғаларын һәм йыһаздарын, йыуынғыс менән уның таяуын; ихата шаршауҙарын, уның бағаналарын һәм төптәрен, ихата ҡапҡаһы өсөн ҡорманы; Изге сатыр ҡаҙыҡтарын һәм ихата әйләнәһендәге шаршау өсөн ҡаҙыҡтарҙы, уның бауҙарын, изге урында хеҙмәт итеү өсөн туҡылған кейем: Һарун ҡаһинға изге кейемдәр һәм уның улдарына ҡаһинлыҡ кейемдәре эшләһен. Исраил халҡы Муса янынан таралышты. Күңеле теләгән һәм ҡулынан килгән һәр кем Осрашыу сатыры өсөн, унда хеҙмәт итеү өсөн һәм изге кейемдәр өсөн Раббыға иғәнә алып килде. Теләгәндәрҙең һәммәһе лә – ир-ат та, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа – алтын әйберҙәрен: ҡаптырма, алҡа, йөҙөк, мунсаҡтарын килтерҙе. Улар был алтынды Раббыға һелкетмә ҡорбан булараҡ алып килде. Кемдә булған, шулар зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөн, нәҙек етен, кәзә дебете, ҡыҙылға буялған һәм иләнгән һарыҡ тәкәһе тиреһе һәм йоҡа итеп эшкәртелгән күн алып килде. Хәленән килгәндәр Раббыға иғәнәгә көмөш йәки баҡыр килтерҙе. Кемдә эшкә ярарлыҡ сәрүәр ағасы булған, шуны әжер ҡылды. Оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөн, нәҙек етен иләп алып килде. Ҡулынан килгән һәм теләк белдергән бүтән ҡатындар кәзә дебете иләне. Ырыу башлыҡтары эфод менән түшлекте биҙәр өсөн оникс һәм башҡа аҫыл таштар, шулай уҡ хуш еҫле матдәләр, яҡтыртыу, мәсехләү һәм төтәтеү өсөн май алып килде. Ана шулай Исраил халҡы араһынан Муса аша Раббы эшләргә ҡушҡан эштә ҡатнашырға теләк белдергән бөтә ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ Раббыға үҙ ихтыяры менән бүләктәр килтерҙе. Муса Исраил халҡына былай тине: – Белегеҙ: Раббы, Йәһүҙә ырыуынан Хурҙан тыуған Ури улы Бесалилды һайлап алып, уға Алла рухы иңдерҙе, зирәк аҡыл һәм һәләт, һәр эштә белем һәм оҫталыҡ бирҙе. Ул алтын, көмөш һәм баҡырҙан төрлө әйберҙәр уйлап табыу һәм яһау оҫталығына эйә, тирәсәгә кейҙереү өсөн таш юна, шулай уҡ ағас семәрләй белә – һәр кәсепкә оҫта. Раббы уға, шулай уҡ Дан ырыуынан Ахисамах улы Оһолиавҡа башҡаларҙы өйрәтеү һәләте бирҙе. Раббы уларға һәр төрлө оҫталыҡ: семәрләү, һыр-биҙәктәрҙе уйлап сығарыу, зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөн һәм нәҙек етен менән сигеү, туҡыма һуғыу ҡеүәһе бирҙе. – Бесалил, Оһолиав һәм Раббы зирәк аҡыл һәм һәләт күндергән башҡа оҫталар изге урынды эшләгәндә кәрәк булған бөтә нәмәне тап Раббы ҡушҡанса башҡарырға тейеш, – тине Муса. Муса Бесалилды, Оһолиавты һәм Раббы оҫталыҡ күндергән башҡа бөтә оҫталарҙы, эшкә тотонорға теләгән барса кешеләрҙе саҡырып алды. Улар Мусанан изге урынды төҙөү өсөн Исраил халҡы килтергән бөтә саҙаҡаны алды. Ләкин кешеләр иртә һайын үҙ ихтыярҙары менән яңынан-яңы бүләктәр килтереүен дауам итте. Шул саҡ изге урындың эше менән мәшғүл булған барса оҫталар, эштәрен ҡалдырып, Муса эргәһенә килде лә: – Кешеләр Раббы ҡушҡан эш өсөн кәрәк булғандан күберәк килтерә, – тине. Муса бөтә туплам буйлап, ир-ат та, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бүтәнсә изге урын өсөн саҙаҡа килтермәһен, тип иғлан итергә ҡушты. Бынан һуң халыҡ башҡаса иғәнә килтермәне. Сөнки эште тамамлар өсөн етерлек, хатта кәрәк булғандан күберәк йыйылғайны. Эш башлаған оҫталар Изге сатырҙы ун шаршауҙан эшләне. Шаршауҙар сиратылған нәфис етендән, зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән һуғылып, уларға оҫта итеп кируб һүрәттәре сигелгәйне. Һәр шаршауҙың буйы егерме һигеҙ, иңе дүрт терһәк булып, бөтә шаршауҙар ҙа бер үлсәмдә ине. Биш шаршауҙы бергә, бер киҫәккә, ҡалған бишәүһен – шулай уҡ бергә беркеттеләр. Беренсе киҫәктең ситке иңе буйлап зәңгәр элмәктәр, икенсе киҫәктең ситке иңе буйлап та шундай уҡ элмәктәр эшләнеләр. Бер киҫәктең ситке иңендә илле һәм икенсе киҫәктең ситке иңендә илле элмәк: бер элмәк ҡаршыһында икенсе элмәк эшләнеләр. Алтындан илле ҡаптырма эшләнеләр. Ҡаптырмалар менән шаршауҙарҙы беркеттеләр ҙә сатырҙы бер бөтөн итеп йыйҙылар – Изге сатыр хасил булды. Изге сатырҙы ҡаплау өсөн кәзә дебетенән һуғылған ун бер япма эшләнеләр. Һәр япманың буйы утыҙ, иңе дүрт терһәк; ун бере лә бер үлсәмдә ине. Шуларҙың бишәүһен бергә, тағы алтауһын бергә беркеттеләр. Бер киҫәктең ситке иңе буйлап илле элмәк һәм икенсе киҫәктең ситке иңе буйлап тағы илле элмәк эшләнеләр. Илле баҡыр ҡаптырма эшләнеләр ҙә, бер бөтөн япма килеп сыҡһын өсөн, ике киҫәкте бер-береһенә беркеттеләр. Сатыр өсөн йәнә ике ҡат япма эшләнеләр: уларҙың береһе ҡыҙыл төҫкә буялған һарыҡ тәкәһе тиреләренән, икенсеһе – тәүгеһенең өҫтөндәгеһе – йоҡа итеп эшкәртелгән күндән ине. Изге сатыр өсөн сәрүәр ағасынан рамдар яһанылар. Һәр рамдың буйы ун терһәк һәм иңе терһәк ярым ине. Рамдарҙы бер-береһенә беркетер өсөн һәр ҡайһыһының ике сығынтыһы бар ине. Изге сатырҙың барлыҡ рамдары ла шул рәүешле эшләнде. Изге сатырҙың көньяҡҡа ҡараған яғы өсөн егерме рам һәм улар аҫтына ҡырҡ көмөш төп – һәр рам аҫтына икешәр төп, уның һәр сығынтыһына бер төп эшләнеләр. Изге сатырҙың икенсе, төньяҡҡа ҡараған яғы өсөн дә егерме рам һәм ҡырҡ көмөш төп – һәр береһенең аҫтына икешәр төп яһанылар. Изге сатырҙың артҡы, көнбайыш яғы өсөн – алты рам, артҡы мөйөштәре өсөн тағы ике рам яһалды. Улар аҫҡы яҡтан икегә айырылған, ә өҫтән (беренсе дүңгәләк торған ерҙән) – бөтөн ине. Бындай рамдар икәү ине. Был һигеҙ рамға ун алты көмөш төп – һәр береһенең аҫтына икешәр төп эшләнеләр. Сәрүәр ағасынан Изге сатырҙың бер яғы буйлап рамдарҙы тоташтырыу өсөн – биш, икенсе яғы буйлап биш һәм уның артҡы, көнбайыш яғы өсөн биш һайғау яһанылар. Уртансы һайғау сатырҙың бер башынан икенсе башына тиклем һуҙылған рамдарҙы тоташтырҙы. Рамдарҙы алтын менән көпләнеләр, уларға, һайғауға нығытыу өсөн, алтын дүңгәләктәр беркеттеләр һәм һайғауҙы алтын менән көпләнеләр. Зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөн ептән һәм сиратылған етендән махсус пәрҙә һуҡтылар һәм оҫта итеп кируб һүрәттәре сиктеләр. Уның өсөн сәрүәр ағасынан дүрт бағана эшләп, алтын менән көпләнеләр. Алтын ырғаҡтар яһанылар, бағаналар өсөн көмөштән дүрт төп ҡойҙолар. Сатыр ауыҙын ҡаплап торһон өсөн зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән һәм сиратылған нәфис етендән туҡылып, сигелгән бер ҡорма эшләнеләр. Ҡорма өсөн ырғаҡлы биш бағана эшләнеләр. Уларҙың башын һәм беркеткестәрен алтын менән көпләнеләр, шунан улар өсөн баҡырҙан биш төп ҡойҙолар. Бесалил сәрүәр ағасынан һандыҡ яһаны. Уның буйы ике терһәк ярым, иңе терһәк ярым һәм бейеклеге терһәк ярым ҙурлығында ине. Уны эстән дә, тыштан да саф алтын менән көпләне һәм ситенән алтын менән ҡаймаланы. Дүрт алтын дүңгәләк ҡойоп, уларҙы һандыҡтың дүрт тояғына беркетте: ике дүңгәләк – һандыҡтың бер яғынан, икәүһе икенсе яғынан булды. Сәрүәр ағасынан ҡолғалар эшләп, уларҙы алтын менән көпләне. Һандыҡты ҡолғаға ултыртып йөрөтөр өсөн уларҙы һандыҡтың ике яғындағы дүңгәләктәргә кейҙерҙе. Һандыҡ өсөн саф алтындан буйы ике терһәк ярым, иңе терһәк ярым ҙурлығында ҡапҡас эшләне. Һандыҡ ҡапҡасының ике осона алтындан сүкеп ике кируб эшләне. Кирубтарҙың береһе – бер, икенсеһе икенсе оста булып, ҡапҡас менән бер бөтөндө тәшкил итә ине. Кирубтарҙың ҡанаттары, өҫкә йәйелеп, һандыҡ ҡапҡасын ҡаплаған. Улар бер-береһенә йөҙҙәре менән ҡапма-ҡаршы тора һәм ҡапҡас өҫтөнә ҡарай ине. Бесалил сәрүәр ағасынан өҫтәл эшләне; буйы ике терһәк, иңе бер терһәк һәм бейеклеге терһәк ярым ине. Уны саф алтын менән көпләне һәм сит-ситтәрен алтын менән ҡаймаланы. Ситтәренә ус аяһы бейеклегендә эргәлек эшләне һәм уны алтын менән ҡаймаланы. Дүрт алтын дүңгәләк ҡойоп, уларҙы өҫтәлдең дүрт мөйөшөнә, аяҡтары тәңгәленә беркетте. Дүңгәләктәрҙе эргәлек янына урынлаштырҙы; өҫтәлде күсереп йөрөтөргә кәрәк булғанда, уларға ҡолға кейҙереләсәк ине. Ул өҫтәлде күсереп йөрөтөр өсөн сәрүәр ағасынан ҡолғалар эшләне һәм уларҙы алтын менән көпләне. Өҫтәлгә ҡуйыр өсөн һауыт-һаба: саф алтындан тәрилкәләр, сеүәтәләр, түкмә ҡорбандар өсөн кәсәләр һәм ҡомғандар эшләне. Бесалил, саф алтындан сүкеп, шәмдәл эшләне. Уның нигеҙен, һабағын, кәсәләрен, бөрөләрен һәм таждарын бер бөтөн итеп тоташтырҙы. Шәмдәлдең бер яғынан – өс, икенсе яғынан – өс, йәмғеһе алты ботаҡ бар ине. Алты ботаҡтың һәр береһендә бөрөләре һәм таждары менән баҙам сәскәһенә оҡшаған өсәр кәсә бар ине. Шәмдәлдең һабында бөрөләре һәм таждары менән баҙам сәскәһенә оҡшаған дүрт кәсә бар ине. Ике ботаҡ аҫтында бер бөрө, икенсе ике ботаҡ аҫтында бер бөрө, өсөнсө ике ботаҡ аҫтында бер бөрө – шәмдәлдең бөтә алты ботағы аҫтында ла шулай ине. Кәсәнең бөрөләре лә, ботаҡтар ҙа – шәмдәл менән бер бөтөн: һәммәһе лә саф алтындан сүкелгәйне. Ул ете майшәм эшләне. Филтә ҡыҫҡыстар һәм һоҫҡолар саф алтындан ине. Шәмдәлгә һәм уның кәрәк-ярағына бер талант саф алтын китте. Ул сәрүәр ағасынан хуш еҫ төтәтә торған ҡорбан усағы яһаны: буйы менән иңе – берәр терһәк, бейеклеге ике терһәк ҙурлығында, дүрткел ине. Мөгөҙҙәре ҡорбан усағы менән бер бөтөн ине. Ул уның өҫтөн, ян-яҡтарын һәм мөгөҙҙәрен саф алтын менән көпләне, ситтәрен алтын менән ҡаймаланы. Ике алтын дүңгәләк эшләне һәм, ҡорбан усағын күсереп йөрөтөргә ҡолға кейҙереп ҡуймалы итеп, уларҙы ситтәре буйлап ҡайма аҫтына беркетеп ҡуйҙы. Ул сәрүәр ағасынан ҡолғалар эшләне һәм уларҙы алтын менән көпләне. Ул, хушбуй әҙерләгәндәге һымаҡ, мәсехләү өсөн изге май һәм төтәтеү өсөн хуш еҫле матдәләр ҡатнашмаһы яһаны. Бесалил тотош яндырыу ҡорбаны өсөн сәрүәр ағасынан буйы ла, иңе лә биш терһәк, бейеклеге өс терһәк булған дүрткел ҡорбан усағы эшләне. Ҡорбан усағының дүрт мөйөшөнә лә уның менән бер бөтөн итеп дүрт мөгөҙ эшләне. Ҡорбан усағының өҫтөн баҡыр менән көпләне. Ҡорбан усағы өсөн бөтә кәрәк-яраҡ: көл көршәктәре, көрәктәр, ҡан һирпеү сеүәтәләре, сәнскеләр һәм һоҫҡолар эшләне. Уларҙың бөтәһе лә баҡырҙан ине. Ҡорбан усағы өсөн селтәрле баҡыр рәшәткә яһаны һәм уны ҡорбан усағының һыры аҫтына, усаҡтың уртаһына етеп торорлоҡ итеп нығытты. Ҡолғалар өсөн дүрт дүңгәләк ҡойоп яһаны һәм уларҙы баҡыр рәшәткәнең дүрт мөйөшөнә беркетте. Ҡолғаларҙы сәрүәр ағасынан эшләне һәм уларҙы баҡыр менән көпләне. Ҡорбан усағын күсереп йөрөтөр өсөн, ҡолғаларҙы ҡорбан усағының ситтәрендәге дүңгәләктәргә кейҙерҙе. Ҡорбан усағын ҡыуыш эсле итеп таҡтанан яһаны. Ул шулай уҡ Осрашыу сатырына ингән ерҙә хеҙмәт иткән ҡатын-ҡыҙҙар бүләк иткән баҡыр көҙгөнән йыуынғыс һәм уның таяуын эшләне. Изге сатырҙы уратып ихата эшләне. Ихатаның көньяҡ тарафының оҙонлоғо йөҙ терһәк булып, унда сиратылған нәфис етендән һуғылған шаршауҙар эленде. Шаршауҙар өсөн төптәре баҡыр, ырғаҡтары һәм беркеткестәре көмөш булған егерме бағана яһаны. Ихатаның төньяҡҡа ҡараған яғы ла шулай уҡ йөҙ терһәк булды, был яҡ өсөн дә шаршауҙар, егерме бағана һәм егерме баҡыр төп яһалды. Бағаналағы ырғаҡтар һәм беркеткестәр көмөштән ине. Ихатаның көнбайыш яғынан ун төптә ултырған ун бағанаға эленгән илле терһәк оҙонлоғондағы шаршау һуҙыла. Бағаналағы ырғаҡтар һәм беркеткестәр көмөштән ине. Көнсығыш яғы илле терһәк оҙонлоғо ине. Ихата ҡапҡаһының бер яғында өс төпкә ултыртылған өс бағанаға эленгән ун биш терһәк оҙонлоғондағы шаршау килә. Ихата ҡапҡаһынан икенсе яҡҡа ла өс төпкә ултыртылған өс бағанаға эленгән ун биш терһәк оҙонлоғондағы шаршау китә. Ихата әйләнәһендәге бөтә шаршау – сиратылған нәфис етендән, бағана аҫтындағы төптәр – баҡырҙан, бағаналағы ырғаҡтар һәм беркеткестәр көмөштән ине. Бағана баштары көмөш менән көпләнгән. Ихатаның бөтә бағаналары ла көмөш беркеткестәр менән тоташтырылған. Ихатаның ҡапҡаһы өсөн ҡорма егерме терһәк оҙонлоғондағы төрлө төҫтәге – зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл, ут-ҡыҙыл йөндән һәм сиратылған нәфис етендән эшләнеп, нағыш менән биҙәлгәйне. Уның иңе, ихата шаршауы һымаҡ, биш терһәк ине. Уның дүрт баҡыр төпкә ултыртылған дүрт бағанаһы, көмөш ырғаҡтары бар ине. Бағана баштары көмөш менән көпләнгәйне; ундағы беркеткестәр ҙә көмөш ине. Изге сатырҙың бөтә ҡаҙыҡтары һәм ихата әйләнәһендәге шаршау ҡаҙыҡтары баҡырҙан ине. Бына Изге сатыр – Килешеү сатырын – төҙөүгә киткән сығымдарҙы Мусаның бойороғо буйынса Һарун ҡаһиндың улы Иҫамар етәкселегендә левиҙәр иҫәпләп сығарған исемлек. Йәһүҙә ырыуынан Хурҙан тыуған Ури улы Бесалил Раббы Мусаға бойорғандарҙың барыһын да эшләне. Был эштә уға Дан ырыуынан Ахисамахтың улы Оһолиав ярҙам итте. Ул семәрләү, һыр-биҙәктәрҙе уйлап сығарыу, зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөн, сиратылған нәфис етен менән эш итеү оҫталығына эйә булған кеше ине. Изге торлаҡ төҙөүгә тотонолған алтын – күтәреп күрһәтелгән саҙаҡа алтыны – изге шекелгә күрә егерме туғыҙ талант та ете йөҙ утыҙ шекел булды. Йәмғиәт иҫәбенә ингәндәрҙән йыйылған көмөш изге шекелгә күрә йөҙ талант та бер мең ете йөҙ етмеш биш шекел тәшкил итте. Егерме йәштән алып иҫәпкә индерелгән һәр кемдән – алты йөҙ өс мең дә биш йөҙ илле кешенән – берәр беҡа, йәғни изге шекелгә күрә ярты шекел түләнде. Изге сатыр бағаналарына һәм пәрҙә бағаналарына төп ҡойоуға йөҙ талант, йәғни һәр төпкә бер талант көмөш китте. Ҡалған бер мең ете йөҙ етмеш биш шекел көмөш иһә бағаналарҙың ырғаҡтарын, беркеткестәрен яһауға, бағана баштарын көпләүгә тотонолдо. Күтәреп күрһәтелгән саҙаҡа итеп етмеш талант һәм ике мең дүрт йөҙ шекел баҡыр килтерелгәйне. Унан Осрашыу сатырына инер юлдағы бағаналар өсөн төптәр, рәшәткәһе һәм йыһаздары менән бергә баҡыр ҡорбан усағы, ихата әйләнәһенә эленгән шаршау һәм ихата ҡапҡаһы өсөн бағана төптәре, шулай уҡ Сатыр һәм ихата әйләнәһендәге шаршау өсөн ҡаҙыҡтар эшләнде. Раббы Мусаға ҡушҡанса, зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән Изге торлаҡта хеҙмәт итер өсөн кейемдәр һәм Һарунға изге кейемдәр әҙерләнеләр. Эфодты зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөн епкә һәм сиратылған нәфис етенгә алтын еп ҡушып оҫта итеп эшләнеләр. Бының өсөн алтынды ҡалай һымаҡ итеп йәйҙеләр ҙә еп итеп ҡырҡтылар һәм шуны зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөн епкә һәм сиратылған нәфис етенгә ҡуштылар. Эфодты беркетер өсөн ян-яғынан уға ике яурынса тектеләр. Эфодтың билғауы эфод һымаҡ уҡ һуғылды һәм уның менән бер бөтөн булды – ул алтын ептән, зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән һәм нәҙек етендән һуғылды. Раббы Мусаға шулай ҡушҡайны. Алтындан биҙәкләп эшләнгән тирәсәгә кейҙереп ҡуйылған оникс таштар әҙерләнеләр; был таштарға, мөһөрҙәге шикелле, Исраил улдарының исемдәре сүкеп яҙылғайны. Уларҙы, Исраил улдары хаҡында иҫтәлек булһын өсөн, эфодтың яурынсаларына беркеттеләр. Раббы Мусаға шулай ҡушҡайны. Эфод шикелле үк, алтын ептән, зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән, сиратылған нәфис етендән түшлек оҫталанылар. Түшлек ике ҡатланған туҡыманан буйы һәм иңе бер ҡарыш ҙурлығында дүрткел ине. Унда дүрт рәт аҫыл таштар һалынғайны. Беренсе рәттә – ҡыҙыл яҡут, хризолит һәм зөбәржәт; икенсе рәттә – фирүзә, зәңгәр яҡут һәм алмас; өсөнсө рәттә – яҡут, аҡ аҡыҡ һәм аметист; дүртенсе рәттә – һары яҡут, оникс һәм йәшмә ине. Бөтә таштар ҙа биҙәкле алтын тирәсәгә кейҙерелгәйне. Исраил улдарының исемдәре яҙылған таштар ун ике ине: һәр ташта, мөһөрҙәге шикелле, ун ике Исраил ырыуынан берәүһенең исеме сүкеп яҙылғайны. Түшлек өсөн саф алтындан, бау шикелле ишеп, сылбырҙар эшләнеләр. Биҙәкле ике алтын тирәсә эшләнеләр. Шулай уҡ ике алтын дүңгәләк яһап, уларҙы түшлектең мөйөштәренә беркеттеләр ҙә ике алтын сылбыр ярҙамында ике тирәсәгә тоташтырҙылар, ә әлеге тирәсәләрҙе алғы яҡтан эфодтың яурынсаларына беркеттеләр. Тағы ике алтын дүңгәләк эшләнеләр һәм уларҙы эске яҡтан, эфодҡа ятып торған еренән, түшлектең ике мөйөшөнә беркеттеләр. Тағы ике алтын дүңгәләк эшләп, уларҙы алғы яҡтан яурынсаның түбәнге осона – йөйгә яҡын итеп – эфодтың билғауы өҫтөнән, беркеттеләр. Түшлектең дүңгәләктәре эфодтың дүңгәләктәре менән зәңгәр бау ярҙамында бәйләнгәйне – эфодтың билғауынан өҫтәрәк урынлашҡан түшлек эфодҡа берегеп ятып тора ине. Раббы Мусаға шулай ҡушҡайны. Эфод аҫтынан кейә торған ябынса тотошлай зәңгәр туҡыманан тегелде. Уның уртаһында баштан кейер өсөн уйым яһалды. Туҡыманың сите туҙрамаһын өсөн уйымдың ситтәре яға һымаҡ итеп тегелде. Ябынсаның итәгенә зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл сиратылған йөн ептән анар емеше рәүешендә йоморсалар эшләнеләр. Саф алтындан ҡыңғырауҙар эшләнеләр һәм уларҙы анар емештәре араһына ябынса итәгенә таҡтылар. Ҡыңғырауҙар һәм анар емештәре ҡаһин хеҙмәтен үтәү өсөн тәғәйенләнгән ябынса салғыйы буйлап сиратлашып барҙы. Раббы Мусаға шулай ҡушҡайны. Һарунға һәм уның улдарына нәфис етендән күлдәк тектеләр, нәфис етендән сәллә һәм сиратылған етен ептән баш бәйҙәре эшләнеләр, йоҡа етендән ыштан тектеләр. Сиратылған нәфис етен ептән, зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән биҙәкле билғау һуҡтылар. Раббы Мусаға шулай ҡушҡайны. Оҫталар саф алтынды табаҡлап сәскә рәүешендә йәйҙеләр ҙә изгелек тажы эшләнеләр һәм уға, мөһөрҙәге шикелле сүкеп, «Раббыға бағышланған» тигән һүҙҙәрҙе яҙҙылар. Уға, сәллә өҫтөнән беркетер өсөн, зәңгәр бау таҡтылар. Раббы Мусаға шулай ҡушҡайны. Шулай итеп, Изге торлаҡ – Осрашыу сатыры эшләнеп бөттө. Исраил халҡы бөтәһен дә тап Раббы Мусаға ҡушҡанса эшләне. Улар Мусаға Изге сатырҙы, уның япмаһын һәм бөтә кәрәк-ярағын – ҡаптырма, рам, һайғау, бағана һәм төптәрен – шулай уҡ иләнгән һарыҡ тиреһенән япманы һәм йоҡа итеп эшкәртелгән күндән өҫкө ябыуҙы, айырып торған пәрҙәне, Килешеү һандығын, уның ҡолғаларын, ҡапҡасын, өҫтәлде һәм уның һауыт-һабаһын, Раббы хозурына ҡуйыла торған изге икмәкте, саф алтындан эшләнгән шәмдәлде һәм уның өҫтөндә торорға тейешле майшәмдәрҙе, уның бөтә кәрәк-ярағын һәм шәм өсөн майҙы, алтын ҡорбан усағын, мәсех майын, төтәтеү өсөн хуш еҫле матдәләр ҡатнашмаһын, сатырға инер юлды ҡаплай торған ҡорманы, баҡыр рәшәткәле баҡыр ҡорбан усағын, уның ҡолғаларын һәм йыһаздарын, йыуынғыс менән уның таяуын, ихата шаршауҙарын, уның бағаналарын һәм аҫтындағы төптәрен, ихата ҡапҡаһына ҡорманы, бауҙарҙы һәм ҡаҙыҡтарҙы, Осрашыу сатырында ғибәҙәт ҡылыуға тәғәйенләнгән бөтә йыһазды, шулай уҡ изге урында хеҙмәт итеү өсөн туҡылған кейем: Һарун ҡаһинға изге кейемдәр һәм уның улдарына ҡаһинлыҡ кейемдәре алып килде. Исраил халҡы бөтәһен дә, Раббы Мусаға нисек ҡушһа, шулай эшләне. Муса улар эшләгәнде ҡарап сыҡты – бөтәһе лә Раббы ҡушҡанса башҡарылғайны. Муса уларға фатиха бирҙе. Раббы Мусаға былай тине: – Беренсе айҙың тәүге көнөндә Изге торлаҡты – Осрашыу сатырын ҡор. Уның эсенә Килешеү һандығын индер ҙә уны пәрҙә менән ҡапла. Шунан өҫтәл индер һәм өҫтөнә бөтә кәрәкле әйберҙәрҙе теҙеп ултырт. Шәмдәл килтер һәм майшәмдәрен ҡуй. Хуш еҫ төтәтә торған алтын ҡорбан усағын Килешеү һандығы алдына урынлаштыр. Изге торлаҡ ауыҙына ҡорма эл. Ҡорбан яндырыу өсөн тәғәйенләнгән ҡорбан усағын Осрашыу сатыры алдына урынлаштыр. Сатыр менән ҡорбан усағы араһына йыуынғыс ҡуй һәм унда һыу тултыр. Сатырҙы уратып ихата ҡор, ихата ҡапҡаһына ҡорма эл. Шунан мәсех майы ал да Изге сатырға һәм ундағы бар нәмәгә һөрт: сатырҙы һәм уның барса йыһаздарын изгеләндер – улар изге булыр. Шулай уҡ тотош яндырыу ҡорбаны усағына һәм уның бөтә йыһаздарына май һөрт: ҡорбан усағын изгеләндер – ул изгеләрҙән-изге булыр. Йыуынғысҡа һәм уның таяуына май һөрт – уларҙы изгеләндер. Һарун менән улдарын Осрашыу сатыры алдына килтер ҙә һыу менән ҡойондор. Һарунға изге кейемдәрен кейҙер һәм май һөртөп мәсехлә. Минең ҡаһиным булһын өсөн, уны изгеләндер. Улдарын килтер, уларға күлдәк кейҙер. Минең ҡаһиндарым булһын өсөн уларға ла, аталарына һөрткән һымаҡ, май һөрт. Шулай итеп, улар быуындан-быуынға мәңге күсеп бара торған ҡаһинлыҡҡа бағышланыр. Муса бөтәһен дә Раббы ҡушҡанса эшләне. Икенсе йылдың беренсе айының тәүге көнөндә Изге торлаҡ ҡоролдо. Муса сатырҙы ҡорҙо: төптәрен ҡуйҙы, уларҙың өҫтөнә һайғауҙар менән тоташтырып рамдарын тыҡты, бағаналар ҡаҡты, япмаларын япты, ә өҫтән, үҙенә Раббы ҡушҡанса, өҫкө япма менән ҡапланы. Муса килешеү таҡтаташтарын алып килеп һандыҡ эсенә һалды. Һандыҡҡа ҡолғаларҙы беркетеп, өҫтөнә ҡапҡасын ҡуйҙы, Һандыҡты Изге торлаҡҡа индерҙе һәм, Раббы ҡушҡанса, пәрҙә элеп, Килешеү һандығын ҡапланы. Өҫтәлде Осрашыу сатырының эсендә, төньяҡ тарафҡа, пәрҙә алдына ҡуйҙы. Уның өҫтөнә Раббы алдына икмәк һалды. Раббы Мусаға нисек бойорһа, шулай булды. Шәмдәлде Осрашыу сатырына, өҫтәл ҡаршыһына, сатырҙың көньяғына ҡуйҙы. Майшәмдәрҙе лә Раббы алдына урынлаштырҙы. Раббы Мусаға нисек бойорһа, шулай булды. Алтын ҡорбан усағын Осрашыу сатырында, пәрҙәнең алдында урынлаштырҙы; уның өҫтөндә хуш еҫ төтәтергә ҡуйҙы. Раббы Мусаға нисек бойорһа, шулай булды. Сатырға ингән урынға ҡорма элде. Осрашыу сатыры алдына тотош яндырыу ҡорбаны усағын урынлаштырҙы һәм уның өҫтөндә тотош яндырыу ҡорбаны һәм икмәк саҙаҡаһы килтерҙе. Раббы Мусаға нисек бойорһа, шулай булды. Осрашыу сатыры менән ҡорбан усағы араһына йыуынғыс ҡуйҙы һәм уға йыуыныу өсөн һыу тултырҙы. Муса Сатырҙы һәм ҡорбан усағын уратып, ихата ҡорҙо, ихата ҡапҡаһына ҡорма элде. Шулай итеп, Муса эшен тамамланы. Шул саҡ Осрашыу сатырын болот ҡапланы һәм Изге торлаҡ Раббы шөһрәтенең балҡышы менән тулды. Муса Осрашыу сатырына инә алманы, сөнки уны болот ҡаплағайны һәм Изге торлаҡҡа Раббының шөһрәте тулғайны. Сатыр өҫтөнән болот күтәрелгәндә, исраилдар юлға сығыр һәм тәғәйен араны үтер булды. Болот күтәрелмәгәндә иһә, уның ҡалҡҡанын көтөп туҡтап торҙолар. Көндөҙ Изге торлаҡ өҫтөндә Раббы болото торҙо, төнөн болот эсендә ут янды – быны исраилдарҙың һәммәһе лә күрҙе. Улар сәфәрҙә булған осорҙа гелән шулай булды. Раббы Осрашыу сатырынан Мусаны саҡырып, уға былай тине: – Исраил халҡына иғлан ит, әйт уларға: арағыҙҙан берәйһе Раббыға мал-тыуарҙан ҡорбан килтерһә, ҡорбаны эре йәки ваҡ мал булһын. Әгәр тотош яндырыу ҡорбаны эре малдан икән, ул кәмселекһеҙ үгеҙ башмаҡ булһын. Раббы был ҡорбанды ҡабул ҡылһын өсөн ҡорбан килтереүсе башмаҡты Осрашыу сатыры ауыҙына алып килһен. Ҡулын тотош яндырыу ҡорбаны итеп килтерелгән малдың башына ҡуйһын; шунда Раббы, ул кешене гонаһынан паклар өсөн, был ҡорбанды ҡабул итер. Ҡорбан килтереүсе башмаҡты Раббы хозурында салһын. Һарун улдары – ҡаһиндар, башмаҡтың ҡанын алып, Осрашыу сатыры ауыҙы эргәһендәге ҡорбан усағының һәр яғына һирпһен. Ҡорбан килтереүсе тотош яндырыу ҡорбанын тунаһын һәм киҫәктәргә бүлгеләһен. Һарун ҡаһиндың улдары ҡорбан усағына ҡуҙ һалып, өҫтөнә утын теҙһендәр. Башмаҡтың бүлгеләнгән киҫәктәрен башы һәм эс майы менән усаҡта янып ятҡан утын өҫтөнә һалһындар. Ҡорбан килтереүсе малдың эсәк-ҡарынын һәм тояҡтарын һыу менән йыуғас, ҡаһин уларҙың барыһын да усаҡта яндырһын. Был – тотош яндырыу ҡорбаны, ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ. Әгәр берәйһе тотош яндырыу ҡорбанына ваҡ мал, һарыҡ йәки кәзә килтерһә, ҡорбаны кәмселекһеҙ тәкә булһын. Ҡорбан килтереүсе уны ҡорбан усағының төньяғында, Раббы хозурында салһын. Ә Һарун улдары, ҡаһиндар, уның ҡанын ҡорбан усағының һәр яғына һирпһен. Ҡорбан килтереүсе, башын, майын айырып алып, ҡорбанды киҫәктәргә бүлгеләһен. Ҡаһин уларҙы ҡорбан усағында янып ятҡан утын өҫтөнә теҙһен. Ҡорбан килтереүсе малдың эсәк-ҡарынын һәм тояҡтарын һыу менән йыуғандан һуң, ҡаһин уларҙы ҡорбан усағында яндырһын. Был – тотош яндырыу ҡорбаны, ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ. Әгәр ҙә тотош яндырыу ҡорбаны ҡош икән, Раббыға алатуба йәки күгәрсен балаһы килтерелһен. Ҡаһин уны ҡорбан усағына алып килһен, башын өҙөп алып, усаҡта яндырһын; ҡанын иһә усаҡтың яҡ-яғына ағыҙһын. Ҡоштоң бөрләтәүе менән нәжесен усаҡтың көнсығыш яғындағы көллөккә ташлаһын. Ҡанаттарынан тотоп, ҡошто йыртһын, әммә икегә айырмаһын. Шунан уны ҡорбан усағындағы утын өҫтөнә һалып яндырһын. Был – тотош яндырыу ҡорбаны, ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ. Берәйһе Раббыға икмәк саҙаҡаһы килтерһә, ҡорбаны иң яҡшы ондан булһын. Уға зәйтүн майы ҡойһон, хуш еҫле сайыр – ладан һалһын һәм Һарун улдары – ҡаһиндарға – килтерһен. Ҡаһин усын тултырып он һәм зәйтүн майын, бөтә хуш еҫле сайырҙы алып, ҡорбан усағында иҫтәлек өлөшө булараҡ яндырһын. Был ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ. Икмәк саҙаҡаһының ҡалғаны иһә Һарун менән улдарына булыр. Раббыға бағышланған ут ҡорбанының өлөшө булғанға күрә, ул изгеләрҙән-изге. Әгәр мейестә бешерелгән икмәк саҙаҡаһы килтерһәң, иң яҡшы ондан зәйтүн майына баҫылған сөсө икмәк йәки өҫтөнә зәйтүн майы һөртөлгән йоҡа ғына көлсә булһын. Әгәр саҙаҡаң йәйләүҙә бешерелгән икмәк булһа, уны зәйтүн майына баҫылған яҡшы ондан сөсө икмәк итеп бешер. Уны һыныҡтарға бүлеп, өҫтөнә зәйтүн майы ҡой. Был – икмәк саҙаҡаһы. Әгәр саҙаҡаң көршәктә бешерелгән икән, ул зәйтүн майына баҫылған иң яҡшы ондан булһын. Ошолай әҙерләнгән икмәк саҙаҡаһын Раббыға бирер өсөн ҡаһинға алып кил. Ҡаһин уны ҡорбан усағына килтерер. Ҡаһин, икмәк саҙаҡаһынан, иҫтәлек өлөшө булараҡ, бер киҫәк алып, уны ҡорбан усағында яндырһын. Был ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ. Икмәк саҙаҡаһының ҡалғаны Һарун менән улдарына булыр. Раббыға бағышланған ут ҡорбанының өлөшө булғанға күрә, ул изгеләрҙән-изге. Раббыға килтерә торған икмәк саҙаҡаларының береһе лә әсеткеле ҡамырҙан бешерелмәһен, сөнки Раббыға ут ҡорбаны итеп әсетке лә, бал да яндырылырға тейеш түгел. Уларҙы Раббыға тәүге уңыш ҡорбаны итеп килтерә алаһығыҙ, әммә хуш еҫ сығарыр өсөн усаҡҡа һалмағыҙ. Икмәк саҙаҡаларыңдың барыһына ла тоҙ һал. Сөнки тоҙ – Алла менән һинең арала төҙөлгән килешеүҙең билдәһе. Бөтә икмәк саҙаҡаларыңды ла тоҙһоҙ ҡалдырма. Әгәр ҙә Раббыға тәүге уңыштан икмәк саҙаҡаһы килтерәһең икән, ул беренсе башаҡтарҙан булһын. Уларҙы утта ҡыҙҙырып, төйөп алып кил. Өҫтөнә зәйтүн майы ҡой, хуш еҫле ладан һал. Был – икмәк саҙаҡаһы. Ҡаһин бер аҙ төйөлгән ашлыҡ һәм зәйтүн майының бер өлөшөн, бөтә хуш еҫле сайыр менән бергә, иҫтәлек өлөшө итеп яндырһын. Был – Раббыға бағышланған ут ҡорбаны. Әгәр берәйһе татыулыҡ ҡорбаны килтерһә һәм ҡорбанлыҡ эре малдан булһа, Раббы хозурына кәмселекһеҙ үгеҙ йәки орғасы башмаҡ килтерһен. Ҡулын ҡорбанының башына ҡуйһын һәм уны Осрашыу сатыры ауыҙында салһын. Һарун улдары – ҡаһиндар – малдың ҡанын ҡорбан усағының һәр яғына һирпһен. Һарун улдары уларҙы, ҡорбан усағындағы утын өҫтөнә һалып, тотош яндырыу ҡорбаны менән бергә яндырһын. Был – ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ. Әгәр ҙә берәйһе татыулыҡ ҡорбаны итеп Раббыға ваҡ мал килтерһә, ул кәмселекһеҙ тәкә йәки орғасы мал булһын. Әгәр һарыҡ ҡорбан итһә, уны Раббы хозурына алып килһен. Ҡулын ҡорбанының башына ҡуйһын һәм Осрашыу сатыры алдында салһын. Ә Һарун улдары уның ҡанын ҡорбан усағының һәр яғына һирпһен. Ҡаһин уларҙы ҡорбан усағында яндырһын. Был, ризыҡ булараҡ, Раббыға бағышланған ут ҡорбаны. Әгәр ҡорбаны кәзә малынан икән, уны Раббы ҡаршыһына алып килһен, ҡулын уның башына ҡуйһын, шунан Осрашыу сатыры алдында салһын. Ә Һарун улдары уның ҡанын ҡорбан усағының һәр яғына һирпһен. Ҡаһин уларҙың бөтәһен дә ҡорбан усағында яндырһын. Был ризыҡ – ут ҡорбаны, Раббыға күркәм хуш еҫ. Бөтә май – Раббыныҡы. Ҡайҙа ғына йәшәһәгеҙ ҙә, һеҙҙең өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә был: эс майы ла, ҡан да ашамағыҙ. Раббы Мусаға былай тине: – Исраил халҡына әйт: кем дә кем Раббының бойороҡтарына ҡаршы килгән берәй нәмә эшләп, белмәйенсә гонаһ ҡылһа, түбәндәгеләрҙе башҡарырға тейеш. Мәсехләнгән ҡаһин гонаһ ҡылып, халыҡты ғәйепле итһә, үҙ гонаһы өсөн гонаһ ҡорбаны итеп Раббыға кәмселекһеҙ үгеҙ башмаҡ килтерһен. Башмаҡты Осрашыу сатыры ауыҙына Раббы хозурына алып килһен. Ҡулын башмаҡтың башына ҡуйһын һәм уны Раббы ҡаршыһында салһын. Мәсехләнгән ҡаһин башмаҡтың бер ни тиклем ҡанын Осрашыу сатырына алып инһен. Бармағын ҡанға манып, Иң мөҡәддәс урындың пәрҙәһе алдында, Раббы хозурында, ҡанды ете тапҡыр һирпһен. Шунан һуң ҡанды Раббы хозурында, Осрашыу сатыры эсендәге хуш еҫ төтәтеү усағының мөгөҙҙәренә һөртһөн. Башмаҡтың ҡалған ҡанын сатыр ауыҙындағы тотош яндырыу ҡорбаны усағының төбөнә түкһен. Ә башмаҡтың тиреһен, башы-тояғы менән бергә бөтә итен, эсәк-ҡарынын, нәжесен – ғөмүмән, тотош башмаҡты – тупламдан ситкә алып сығып, көл түгә торған таҙа урында утын өҫтөнә һалып яндырһын. Әгәр ҙә бөтә Исраил йәмғиәте белмәйенсә гонаһ ҡылһа, Раббының бойороҡтарына ҡаршы килгән берәй нәмә эшләһә, халыҡ, үҙенең гонаһ ҡылғанлығын белмәһә лә, ғәйепле һанала. Ҡылынған гонаһы билдәле булғас, халыҡ Осрашыу сатыры алдына, гонаһ ҡорбаны итеп, бер үгеҙ башмаҡ килтерергә тейеш. Халыҡтың аҡһаҡалдары Раббы ҡаршыһында ҡулдарын башмаҡтың башына ҡуйһын һәм башмаҡты Раббы хозурында салһын. Мәсехләнгән ҡаһин башмаҡтың ҡанын Осрашыу сатырына алып инһен. Ҡаһин бармағын ҡанға манып, Раббы хозурында, пәрҙә алдында ете тапҡыр һирпһен. Шунан ҡаһин Осрашыу сатырында Раббы ҡаршыһындағы хуш еҫ төтәтеү усағының мөгөҙҙәренә ҡан һөртһөн. Ҡандың ҡалғанын сатыр ауыҙындағы тотош яндырыу ҡорбаны усағының төбөнә түкһен. Башмаҡтың бөтә майын алып, ҡорбан усағында яндырһын. Гонаһ ҡорбаны булған башмаҡ менән нисек эшләнгән, был башмаҡ менән дә шулай эшләнһен. Шул рәүешле ҡаһин халыҡ өсөн паклау йолаһын башҡарыр һәм улар ярлыҡаныр. Ҡаһин үҙенең гонаһы өсөн килтерелгән башмаҡты тупламдан ситкә алып сығып нисек яндырһа, быныһы ла шулай яндырылһын. Был – халыҡтың гонаһы өсөн ҡорбан. Әгәр ҙә етәкселәрҙән берәү белмәйенсә гонаһ ҡылһа, Раббының, үҙенең Аллаһының, бойороҡтарына ҡаршы килгән берәй нәмә эшләһә, ул ғәйепле була. Ҡылған гонаһы үҙенә билдәле булғас, ул ҡорбан итеп кәмселекһеҙ кәзә тәкәһе килтерһен. Ҡулын тәкәнең башына ҡуйып, уны Раббы хозурында – тотош яндырыу ҡорбандарын сала торған урында, Раббы ҡаршыһында боғаҙлар. Был – гонаһ ҡорбаны. Ҡаһин, гонаһ ҡорбанының ҡанына бармағын манып, тотош яндырыу ҡорбаны усағының мөгөҙҙәренә һөртһөн, ҡалған ҡанды усаҡтың төбөнә түкһен. Тәкәнең бөтә майын, татыулыҡ ҡорбанының майы кеүек үк, ҡорбан усағында яндырһын. Шул рәүешле ҡаһин был кешене гонаһынан паклар һәм ул ярлыҡаныр. Әгәр ҙә ил халҡы араһынан берәү белмәйенсә гонаһ ҡылһа, Раббының бойороҡтарына ҡаршы килгән берәй нәмә эшләһә, ул ғәйепле була. Ҡылған гонаһы үҙенә белдерелгәс, ул ҡорбан итеп кәмселекһеҙ кәзә килтерһен. Ҡулын гонаһ ҡорбанының башына ҡуйһын һәм тотош яндырыу ҡорбанын сала торған урында боғаҙлаһын. Ҡаһин, бармағын ҡорбандың ҡанына манып, тотош яндырыу ҡорбаны усағының мөгөҙҙәренә һөртһөн, ҡалған ҡанды усаҡ төбөнә түкһен. Ҡорбан килтереүсе, кәзәнең бөтә майын, татыулыҡ ҡорбанының майы һымаҡ, айырып алһын. Ҡаһин уны Раббыға хуш еҫ өсөн усаҡта яндырһын. Шул рәүешле ҡаһин был кешене гонаһынан паклар һәм ул ярлыҡаныр. Әгәр берәйһе гонаһ ҡорбаны итеп көтөүҙән һарыҡ бәрәсе алып килһә, ул кәмселекһеҙ орғасы мал булһын. Ул кеше ҡулын гонаһ ҡорбанының башына ҡуйһын һәм уны тотош яндырыу ҡорбанын сала торған урында боғаҙлаһын. Ҡаһин, бармағын гонаһ ҡорбанының ҡанына манып, тотош яндырыу ҡорбаны усағының мөгөҙҙәренә һөртһөн, ә ҡалған ҡанын усаҡтың төбөнә түкһен. Ҡорбан килтереүсе, ҡорбандың бөтә майын, татыулыҡ ҡорбаны булған һарыҡ бәрәсенең майы һымаҡ, айырып алһын. Ҡаһин уларҙы ҡорбан усағында Раббыға ут ҡорбаны итеп яндырһын. Шул рәүешле ҡаһин был кешене гонаһынан паклар һәм ул кеше ярлыҡаныр. Әгәр ҙә берәйһе ниндәй ҙә булһа эште күрһә йәки шул турала ишетеп белһә, әммә шаһиттарҙы ләғнәтләү ҡурҡынысы аҫтында хөкөмгә саҡырғанға хәбәрҙар булып та шаһитлыҡ итмәһә, ул ошо ғәйебенең язаһын күтәрер. Йәки берәү белмәйенсә, нәжес һаналған әйбергә, хәрәм йәнлектең, хәрәм малдың йәки һөйрәлеүсенең үләкһәһенә ҡағылһа, үҙе шул турала белмәһә лә, нәжес була һәм ғәйепле һанала. Йәки берәү үҙе лә белмәйенсә кеше нәжесенә – бысрата торған нимә генә булмаһын – ҡағылһа, башта үҙе был хаҡта белмәһә, һуңынан ғына белһә лә, ғәйепле була. Йәки берәү уйлап тормайынса яҡшылыҡ йәки яманлыҡ ҡылырға ант итһә һәм бының уйламайынса әйтелгәнен һуңынан ғына аңлаһа, был кеше ғәйепле була. Әгәр ҙә кеше ошо эштәрҙең береһендә ғәйепле булһа, ул үҙенең гонаһын таныһын һәм, ҡылған ғәйебенә күрә, гонаһ ҡорбаны итеп Раббыға ваҡ мал – һарыҡ йәки кәзә – килтерһен. Шул рәүешле ҡаһин гонаһтан паклау йолаһын атҡарып, уны гонаһынан паклар. Әгәр ҙә ул кешенең һарыҡ йәки кәзә килтерергә хәленән килмәһә, гонаһы өсөн Раббыға ике алатуба йәки ике күгәрсен балаһы алып килһен. Уларҙың береһе гонаһ ҡорбаны, икенсеһе тотош яндырыу ҡорбаны булыр. Уларҙы ҡаһинға алып килһен. Ҡаһин тәүҙә гонаһ ҡорбаны ғәмәлен башҡарыр: ҡоштоң муйынын бороп һындырыр, әммә башын өҙөп алмаҫ. Гонаһ ҡорбанының бер аҙ ҡанын ҡорбан усағының яҡ-яғына һирпер, ҡандың ҡалғанын усаҡтың төбөнә ағыҙыр. Был – гонаһ ҡорбаны. Бынан һуң ҡаһин икенсе ҡошто, тотош яндырыу ҡорбаны булараҡ, ҡағиҙәгә ярашлы ғәмәл ҡылыр. Шул рәүешле ҡаһин, гонаһтан паклау йолаһын атҡарып, ул кешене ҡылған гонаһынан паклар һәм был кеше ярлыҡаныр. Әгәр ҙә ике алатуба йәки ике күгәрсен балаһы алырға хәленән килмәһә, эшләгән гонаһы өсөн иң яҡшы ондан бер эфаның ундан бер өлөшөн гонаһ ҡорбаны итеп килтерһен. Әммә уның өҫтөнә зәйтүн майы ҡоймаһын, хуш еҫле сайыр ҙа һалмаһын, сөнки был – гонаһ ҡорбаны. Уны ҡаһинға бирһен. Ҡаһин, иҫтәлек өлөшө булараҡ, бер ус тултырып алыр ҙа, усаҡта, Раббы өсөн ут ҡорбандары өҫтөндә яндырыр. Был – гонаһ ҡорбаны. Шул рәүешле ҡаһин ҡорбан килтереүсене ул ҡылған гонаһтан паклау йолаһын башҡарыр һәм ул кеше ярлыҡаныр. Ҡалған он, икмәк саҙаҡаһындағы һымаҡ уҡ, ҡаһинға булыр. Раббы Мусаға былай тине: – Әгәр берәйһе Раббыға бағышланған изге әйбергә ҡул һуҙып, яңылышлыҡ менән гонаһ ҡылһа, ғәйеп ҡорбаны итеп Раббыға ваҡ мал көтөүенән кәмселекһеҙ һарыҡ тәкәһе килтерһен. Был тәкәнең хаҡы изге шекелгә күрә көмөш шекел менән билдәләнһен. Был кеше изге әйбер өсөн түләргә һәм, хаҡының биштән бер өлөшө тиклем өҫтәп, уны ҡаһинға бирергә тейеш. Ҡаһин ғәйеп ҡорбаны итеп килтерелгән тәкә менән был кешене гонаһынан паклар һәм ул кеше ярлыҡаныр. Кем дә булһа гонаһ ҡылһа, Раббының бойороҡтарының береһенә ҡаршы килгән берәй нәмә эшләһә, үҙе был хаҡта белмәһә лә, ғәйепле булыр һәм ғәйебенең язаһын күтәрер. Гонаһ ҡылған кеше ҡаһинға ғәйеп ҡорбаны итеп ваҡ малдан кәмселекһеҙ һарыҡ тәкәһе килтерергә тейеш. Ҡаһин уны белмәйенсә эшләгән ғәйебенән паклар һәм ул кеше ярлыҡаныр. Был – ғәйеп ҡорбаны, сөнки ул кеше Раббы ҡаршыһында ғәйепле ине. Раббы Мусаға былай тине: – Әгәр берәү гонаһ ҡылып Раббыға хилафлыҡ эшләһә: яҡынының һаҡларға биреп торған йәки аманат итеп биргән нәмәһен кире ҡайтармаһа, берәй әйберен урлаһа, йәки алдаһа, йә иһә кемдер юғалтҡанды табып та инҡар итһә, йәки ниндәй ҙә булһа гонаһ эшләп, шул турала ялған ант итһә, Ғәйебе өсөн Раббыға ҡорбан ҡылһын: ҡаһинға ғәйеп ҡорбаны өсөн ваҡ малдан билдәле хаҡтағы кәмселекһеҙ һарыҡ тәкәһе килтерһен. Ҡаһин был кешене Раббы хозурында гонаһынан паклар һәм уның ғәйебе ярлыҡаныр. Раббы Мусаға былай тине: – Һарунға һәм уның улдарына бойороҡ биреп әйт, бына тотош яндырыу ҡорбанын килтереү ҡағиҙәләре. Тотош яндырыу ҡорбаны яндырылған урынында, ҡорбан усағында, төнө буйына, иртәнгә тиклем ҡалһын. Усаҡта ут һәр саҡ янып торһон. Ҡаһин етен кейемен, етен ыштанын кейһен. Ҡорбан усағында тотош яндырыу ҡорбанынан ҡалған көлдө алып, усаҡтың эргәһенә өйһөн. Был кейемдәрен сисеп, икенселәрен кейгәндән һуң, көлдө тупламдан тышҡа, таҙа урынға алып сыҡһын. Ҡорбан усағында ут һәр саҡ янып торһон, бер ваҡытта ла һүнмәһен. Ҡаһин һәр иртә һайын уға утын өҫтәһен һәм тотош яндырыу ҡорбанын утын өҫтөнә һалһын, татыулыҡ ҡорбандарының майын яндырһын. Ҡорбан усағында ут һәр саҡ янып торһон, һүнмәһен. Икмәк саҙаҡаһының йолаһы былай: Һарун улдары саҙаҡаны Раббы хозурына, ҡорбан усағы алдына килтерһен. Ҡаһин икмәк саҙаҡаһының оно менән зәйтүн майынан бер ус тултырып, ә ладанды тулыһынса алһын да ҡорбан усағында яндырһын. Был – Раббыға күркәм хуш еҫ, иҫтәлек өлөшө. Артып ҡалғанын Һарун менән улдары ашар. Уны изге урында, Осрашыу сатырының ихатаһында, сөсө икмәк итеп ашарҙар. Ул әсетке һалып бешерелмәһен. Уны ут ҡорбандарымдан ҡаһиндарҙың өлөшө итеп бирҙем. Гонаһ ҡорбаны менән ғәйеп ҡорбаны кеүек үк, ул да изгеләрҙән-изге. Һарун нәҫеленән булған һәр ир заты уны ашай ала. Раббы өсөн ут ҡорбандарынан уларға быуындан-быуынға мәңгелек өлөш булыр был. Был өлөшкә ҡағылған һәр нәмә мөҡәддәс һаналыр. Раббы Мусаға былай тине: – Һарун ҡаһин булараҡ мәсехләндерелгән көндө, Һарун менән улдары икмәк саҙаҡаһы итеп Раббыға иң яҡшы ондан бер эфаның ундан бер өлөшөн – яртыһын иртәнсәк, яртыһын кискеһен – алып килһен. Ул даими бер саҙаҡа булыр. Ул зәйтүн майында яҡшылап баҫылһын һәм йәйләүҙә бешерелһен. Уны, икмәк саҙаҡаһы булараҡ, һыныҡтарға бүлеп килтер. Был – Раббыға күркәм хуш еҫ. Уны Һарун нәҫеленән булған мәсехләнгән баш ҡаһин вазифаһына бағышланған ҡаһин башҡарһын. Был саҙаҡа Раббыға мәңгелек өлөш; ул тотош яндырылырға тейеш. Ҡаһин килтергән һәр икмәк саҙаҡаһы тулыһынса яндырылһын, уны ашарға ярамай. Раббы Мусаға былай тине: – Һарунға һәм уның улдарына әйт: бына гонаһ ҡорбаны килтереүҙең ҡағиҙәләре. Гонаһ ҡорбаны тотош яндырыу ҡорбаны боғаҙланған урында, Раббы хозурында салынырға тейеш. Ул – изгеләрҙән-изге. Ҡорбан ғәмәлен башҡарған ҡаһин уны изге урында, Осрашыу сатырының ихатаһында, ашар. Ҡорбандың итенә ҡағылған һәр кем һәм һәр нәмә изге һаналыр. Әгәр ҙә ҡаны кейемгә сәсрәһә, уны изге урында йыуырға кәрәк. Ите бешерелгән балсыҡ һауыт ватылырға тейеш. Әгәр ҙә баҡыр һауытта әҙерләнһә, һауытты яҡшылап таҙартырға һәм һыу менән йыуырға кәрәк. Ҡаһин нәҫеленән булған һәр ир заты был итте ашай ала. Ул – изгеләрҙән-изге. Әммә изге урынды паклау йолаһын башҡарыу өсөн ҡаны Осрашыу сатырына индерелгән гонаһ ҡорбанының итен ашарға ярамай. Ул утта яндырылырға тейеш. Бына ғәйеп ҡорбаны килтереүҙең ҡағиҙәләре. Ул – изгеләрҙән-изге ҡорбан. Ғәйеп ҡорбаны тотош яндырыу ҡорбандары салынған урында һуйылһын. Уның ҡаны ҡорбан усағына һәр яҡлап һирпеп сығылһын. Ҡаһин уларҙы, Раббы өсөн ут ҡорбаны булараҡ, ҡорбан усағында яндырыр. Был – ғәйеп ҡорбаны. Ҡаһиндар нәҫеленән булған һәр ир заты был ҡорбанды ашай ала. Уны изге урында ашарға кәрәк, сөнки ул изгеләрҙән-изге. Гонаһ ҡорбанына ла, ғәйеп ҡорбанына ла ҡағиҙә бер төрлө: ҡорбандың ите ошо ҡорбан аша паклау йолаһын башҡарған ҡаһинға булыр. Тотош яндырыу ҡорбанының тиреһе лә ҡорбан ғәмәлен башҡарған ҡаһинға бирелер. Мейестә, көршәктә йәки йәйләүҙә бешерелгән барса икмәк саҙаҡаһы – ҡорбан йолаһын башҡарған ҡаһинға. Зәйтүн майына буталған йәки ҡоро икмәк саҙаҡалары Һарун улдарының бөтәһе араһында тигеҙ итеп бүленһен. Бына Раббыға тәҡдим ителә торған татыулыҡ ҡорбанын килтереү ҡағиҙәләре. Әгәр ҙә берәйһе рәхмәт йөҙөнән татыулыҡ ҡорбаны килтерә икән, зәйтүн майына баҫып бешерелгән сөсө икмәк, зәйтүн майы һөртөлгән йоҡа ғына сөсө көлсәләр, иң яҡшы ондан зәйтүн майына баҫып бешерелгән икмәк алып килһен. Бынан башҡа ул рәхмәт йөҙөнән татыулыҡ ҡорбаны менән бергә әсе икмәк тә килтерһен. Һәр төрлө икмәк саҙаҡаһының бер өлөшөн Раббыға бағышлап килтерһен: ул татыулыҡ ҡорбанының ҡанын ҡорбан усағына һирпкән ҡаһинға булыр. Татыулыҡ ҡорбаны булған шөкөр саҙаҡаһының ите ҡорбан килтерелгән көндө үк ашап бөтөрөлһөн, иртәнгә тиклем ҡалмаһын. Әгәр кем дә булһа ҡорбанды нәҙер әйтеп йәки нәфел буйынса, йәғни үҙ ихтыяры менән килтерә икән, уның ите салынған көндән ҡалһа, икенсе көндө лә ашарға ярай. Әммә өсөнсө көнгә ҡалған ҡорбан ите яндырылһын. Татыулыҡ ҡорбанының ите өсөнсө көндө лә ашала икән, был ҡорбан ҡабул ителмәйәсәк һәм ҡорбан килтереүсегә уның сауабы булмаясаҡ. Был ит хәрәм һанала һәм уны ашаған кеше ғәйебенең язаһын күтәрер. Нәжес һаналған берәй нәмәгә тейгән итте ашарға ярамай, ул яндырылырға тейеш. Ә таҙа итте пак булған һәр кешегә ашарға мөмкин. Әммә берәй әҙәм нәжес хәлендә Раббыға килтерелгән татыулыҡ ҡорбанының итен ашаһа, ул халҡы араһынан ҡыуылыр. Әгәр ҙә берәйһе нәжес нәмәгә: кеше нәжесенәме, хәрәм малғамы, хәрәм йәнлеккәме ҡағылғандан һуң Раббыға килтерелгән татыулыҡ ҡорбанының итен ашаһа, был кеше халҡы араһынан ҡыуылыр. Раббы Мусаға былай тине: – Исраил халҡына әйт: һыйыр малыныҡымы ул, һарыҡмы, кәзәнекеме – бер ниндәй ҙә эс майын ашамағыҙ. Үҙе үлгән йәки йыртҡыс ботарлаған малдың майын төрлө кәрәк-яраҡҡа файҙаланырға мөмкин, әммә ашарға ярамай. Әгәр кем дә булһа берәү Раббыға ут ҡорбаны булараҡ килтерелгән малдың майын ашаһа, ул халҡы араһынан ҡыуылыр. Ҡайҙа йәшәһәгеҙ ҙә, бер ниндәй ҡанды ла – ҡоштоҡон да, малдыҡын да – еймәгеҙ. Ҡан ейгән һәр кем халҡы араһынан ҡыуылыр. Раббы Мусаға былай тине: – Исраил халҡына әйт: Раббыға татыулыҡ ҡорбаны килтергән кеше, уның бер өлөшөн Раббыға тәҡдим итһен. Уны үҙ ҡулы менән Раббы өсөн ут ҡорбаны булараҡ килтерһен. Малдың майын түш ите менән бергә алып килһен дә Раббы хозурында, һелкетмә ҡорбан булараҡ, өҫкә күтәреп күрһәтһен. Ҡаһин майҙы ҡорбан усағында яндырыр, ә түш ите Һарунға һәм уның улдарына булыр. Татыулыҡ ҡорбанының артҡы уң ботон ҡаһинға саҙаҡа итеп бирегеҙ. Уң бот татыулыҡ ҡорбанының ҡаны менән майын Раббыға тәҡдим иткән Һарун улдарының өлөшө булыр. Исраил халҡының татыулыҡ ҡорбандарынан күтәреп һелкетелгән түш итен һәм саҙаҡа итеп килтерелгән ботто алам да Һарун ҡаһин менән уның улдарына Исраил халҡынан мәңгелек өлөш итеп бирәм. Һарун һәм уның улдары Раббы хозурына ҡаһин булып хеҙмәт итеү өсөн тәғәйенләнгән көндән башлап, утта яндырылған ҡорбандарҙан уларға бирелгән өлөш ошо. Уларҙы ҡаһинлыҡҡа мәсехләгән көндө Раббы Исраил халҡына бойороҡ бирҙе. Был – уларҙың быуындан-быуынға даими өлөшө. Тотош яндырыу ҡорбанының, икмәк саҙаҡаһының, гонаһ, ғәйеп өсөн килтерелгән ҡорбандарҙың, бағышлау ҡорбанының һәм татыулыҡ ҡорбанының йолалары ошо. Синай сүлендәге Синай тауында Раббы Исраил халҡының Үҙенә ҡорбандар килтерергә тейешлеге хаҡында Мусаға бына шуларҙы бойорҙо. Раббы Мусаға былай тине: – Һарун менән улдарын, кейемдәрен, мәсех майын, гонаһ ҡорбаны өсөн үгеҙ башмаҡ, ике һарыҡ тәкәһе, бер кәрзин сөсө икмәк ал да, барса йәмғиәтте Осрашыу сатыры ауыҙына йый. Муса Раббы бойорғанса эшләне. Йәмғиәт Осрашыу сатыры ауыҙына йыйылды. Муса уларға: – Раббы бына нимәләр эшләргә бойорҙо, – тине. Шунан Һарун менән улдарын алға сығарып, уларҙы һыу менән йыуындырҙы. Һарунға күлдәк кейҙерҙе, билен быуҙы, ябынса кейҙерҙе, эфод һалды, эфодтың биҙәлгән билғауы менән быуҙы ла, эфодты нығытып ҡуйҙы. Иң өҫтән түшлек кейҙереп, түшлеккә урим менән туммим һалды. Башына сәллә кейҙерҙе, сәллә өҫтөнән маңлайына алтын сәскә рәүешендәге изгелек тажы таҡты. Алла нисек бойорһа, шулай эшләне. Шунан һуң Муса мәсех майы алды, Изге сатырҙы һәм сатыр эсендәге бөтә нәмәне мәсехләп, изгеләндерҙе. Майҙы ете тапҡыр ҡорбан усағына һирпте; ҡорбан усағын, уның бөтә кәрәк-ярағын, йыуынғысты, йыуынғыс таяуын – барыһын да изгеләндерер өсөн мәсехләне. Һарунды изгеләндереү өсөн башына май ҡойоп мәсехләне. Шунан Һарундың улдарын алға сығарҙы, уларға ла күлдәк кейҙерҙе, билдәрен билғау менән быуҙы, баштарына бәйҙәрен бәйләне. Раббы Мусаға нисек бойорһа, шулай булды. Шунан гонаһ ҡорбаны булған үгеҙҙе килтерҙе. Һарун менән улдары ҡулдарын үгеҙҙең башына ҡуйҙы. Муса үгеҙҙе салды. Ҡорбан усағын паклар өсөн бармағын ҡанға манып, ҡанды ҡорбан усағының мөгөҙҙәренә һөртөп сыҡты. Ҡалған ҡанды ҡорбан усағының төбөнә түкте. Шул рәүешле ул ҡорбан усағын паклап изгеләндерҙе. Үгеҙҙең эске ағзаларын ҡаплаған бөтә майҙы, бауыр аҫтындағы өлөшөн, майы менән бергә ике бөйөрөн алып, уларҙы ҡорбан усағында яндырҙы. Үгеҙҙе – тиреһен, итен, нәжесен – тупламдан ситкә сығарып яҡты. Раббы Мусаға нисек бойорһа, шулай булды. Шунан һуң Муса тотош яндырыу ҡорбаны өсөн һарыҡ тәкәһен алып килде. Һарун менән улдары ҡулдарын тәкәнең башына ҡуйҙы. Муса тәкәне салды, ҡанын ҡорбан усағына һәр яҡлап һирпеп сыҡты. Тәкә түшкәһен киҫәктәргә тураҡлап башын, киҫәктәрен, эс майын яндырҙы. Эсәк-ҡарынын, тояҡтарын йыуып, тәкәне тулыһынса ҡорбан усағында яндырҙы. Был – тотош яндырыу ҡорбаны, Раббыға күркәм хуш еҫ, ут ҡорбаны ине. Раббы Мусаға нисек бойорһа, шулай булды. Шунан Муса икенсе тәкәне алып килде. Быныһы ҡаһинлыҡҡа бағышлау йолаһының тәкәһе ине. Һарун менән улдары ҡулдарын тәкәнең башына ҡуйҙы. Муса тәкәне салды. Бер аҙ ҡанын алып, Һарундың уң ҡолағының осона, уң ҡулының һәм уң аяғының баш бармаҡтарына һөрттө. Шунан Һарундың улдарын алға сығарҙы. Уларҙың да уң ҡолаҡтарының осона, уң ҡулдарының һәм уң аяҡтарының баш бармаҡтарына ҡан һөрттө. Ҡалған ҡанды ҡорбан усағының яҡ-яғына һирпте. Тәкәнең майын һәм ҡойроҡ майын, эсәк-ҡарынын ҡаплаған бөтә майҙы, бауыр аҫтындағы өлөшөн, майы менән бергә ике бөйөрөн, артҡы уң ботон алды. Шунан Раббы хозурында торған сөсө икмәкле кәрзиндән бер икмәк, зәйтүн майына баҫылған бер икмәк, бер йоҡа көлсә алып, уларҙы малдың майы менән артҡы уң бото өҫтөнә ҡуйҙы. Быларҙың бөтәһен дә Муса Һарун менән улдарының ҡулына һалды. Уларҙы Раббы хозурында һелкетмә ҡорбан булараҡ күтәреп күрһәтте. Бынан һуң Муса барыһын да уларҙың ҡулынан алып, ҡорбан усағында тотош яндырыу ҡорбаны өҫтөндә ҡаһинлыҡҡа бағышлау йолаһы ҡорбаны итеп яндырҙы. Был – Раббы өсөн ут ҡорбаны, Раббыға күркәм хуш еҫ. Унан һуң Муса түш итен алды. Уны Раббы хозурында өҫкә күтәреп күрһәтте. Был – бағышлау йолаһы ҡорбаны булған тәкәнән Мусаның үҙ өлөшө ине. Раббы Мусаға нисек бойорһа, шулай булды. Муса мәсех майы, ҡорбан усағы өҫтөндәге ҡанды алып, Һарун менән улдарына һәм уларҙың кейемдәренә һирпте. Шул рәүешле Һарунды һәм уның кейемен, улдарын һәм уларҙың кейемдәрен изгеләндерҙе. Шунан Һарун менән улдарына: – Итте Осрашыу сатыры ауыҙында бешерегеҙ ҙә шунда ҡаһинлыҡҡа бағышлау йолаһы ҡорбаны кәрзинендәге икмәк менән ашағыҙ, – тине, – сөнки миңә: «Уны Һарун улдары менән ашарға тейеш», – тип бойоролдо. Ә ҡалған ит менән икмәкте яндырығыҙ. Бағышланыу көндәрегеҙ тулғанға тиклем, ете көн буйы, Осрашыу сатыры ауыҙынан китмәгеҙ, сөнки бағышланыуығыҙ ете көнгә һуҙылыр. Бөгөн эшләгән һәр нәмәне Раббы һеҙҙе гонаһтарығыҙҙан паклау өсөн бойорҙо. Ете тәүлек буйы, көнө-төнө Осрашыу сатыры ауыҙында булығыҙ. Раббы талап иткәнсә эшләгеҙ, юғиһә үләсәкһегеҙ. Миңә шулай бойоролдо. Һарун менән улдары Раббының Муса аша еткерелгән бөтә бойороҡтарын да тулыһынса үтәне. Һигеҙенсе көндө Муса Һарун менән улдарын һәм Исраил аҡһаҡалдарын саҡыртып алды. Ул Һарунға былай тине: – Үҙең өсөн гонаһ ҡорбаны итеп һыйыр малынан кәмселекһеҙ бер үгеҙ башмаҡ һәм тотош яндырыу ҡорбанына кәмселекһеҙ һарыҡ тәкәһе ал. Уларҙы Раббы ҡаршыһына килтер. Муса ҡушҡандарҙың барыһы ла Осрашыу сатыры алдына килтерелде. Бөтә йәмғиәт Раббы хозурына йыйылды. – Быларҙы эшләргә һеҙгә, алдығыҙҙа Раббы шөһрәте пәйҙә булһын өсөн, Раббы Үҙе бойорҙо, – тине Муса. Шунан Һарунға: – Раббы бойорғанса, ҡорбан усағы янына бар ҙа, үҙеңде һәм халыҡты гонаһтарҙан паклау йолаһын башҡарып, үҙең өсөн гонаһ ҡорбаны менән тотош яндырыу ҡорбаны тәҡдим ит, – тине. – Унан һуң халыҡты гонаһтарынан паклау йолаһын башҡарып, халыҡтың да ҡорбанын килтер. Һарун, ҡорбан усағы янына барып, үҙе өсөн гонаһ ҡорбаны булған үгеҙ башмаҡты салды. Улдары ҡорбандың ҡанын алып, аталарына бирҙе. Һарун, бармағын ҡанға манып, ҡорбан усағының мөгөҙҙәренә һөрттө, ҡандың ҡалғанын усаҡ төбөнә түкте. Гонаһ ҡорбанының эс майын, бөйөрҙәрен, бауыр аҫтындағы өлөшөн ҡорбан усағында яндырҙы. Раббының Мусаға биргән бойороғо буйынса булды. Ҡорбандың ите менән тиреһен тупламдан ситкә сығарып яҡты. Бынан һуң Һарун тотош яндырыу ҡорбанын салды. Улдары уға ҡорбандың ҡанын алып бирҙе. Һарун ҡанды һәр яҡлап ҡорбан усағына һирпте. Тотош яндырыу ҡорбанын тураҡлап, киҫәктәрен һәм башын бирҙеләр. Һарун уларҙы ҡорбан усағында яндырҙы. Эсәк-ҡарынын, тояҡтарын йыуып, тотош яндырыу ҡорбаны өҫтөндә усаҡта яндырҙы. Артабан Һарун халыҡтың ҡорбанын тәҡдим итте. Халыҡтың гонаһтары өсөн тәғәйенләнгән кәзә тәкәһен салды; уны беренсе гонаһ ҡорбаны кеүек килтерҙе. Унан тотош яндырыу ҡорбанын тәҡдим итте, йолаһы буйынса ғәмәл ҡылды. Шунан икмәк саҙаҡаһын килтерҙе. Унан бер ус тултырып алды ла, ҡорбан усағындағы иртәнге тотош яндырыу ҡорбанына өҫтәп яндырҙы. Халыҡ өсөн татыулыҡ ҡорбаны булған үгеҙ менән һарыҡ тәкәһен салды. Улдары ҡорбандарҙың ҡанын бирҙе һәм Һарун уны һәр яҡлап ҡорбан усағына һирпте. Улар үгеҙҙең һәм һарыҡ тәкәһенең майын, ҡойроҡ майын, эсәк-ҡарынын ҡаплаған майҙы, бөйөрҙәрен, бауыр аҫтындағы өлөшөн алып, түш иттәре өҫтөнә һалды. Һарун майҙы ҡорбан усағында яндырҙы. Шунан Һарун үгеҙҙең һәм һарыҡ тәкәһенең түш ите менән артҡы уң боттарын, Муса бойорғанса, Раббы алдында өҫкә күтәреп күрһәтте. Һарун, гонаһ ҡорбанын, тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандарын тәҡдим иткәндән һуң, ҡулдарын күтәреп халыҡҡа фатиха бирҙе һәм ҡорбан усағынан төштө. Муса менән Һарун Осрашыу сатырына инделәр. Унан сыҡҡас, халыҡҡа фатиха бирҙеләр. Бына шул саҡта барса халыҡ алдында Раббының шөһрәте пәйҙә булды. Раббы тарафынан ут сығып, усаҡтағы тотош яндырыу ҡорбанын һәм майын ялмап алды. Быны күргән барса халыҡ ҡыуаныстан ҡысҡырып ебәрҙе һәм йөҙтүбән ергә ҡапланды. Һарундың улдары Надав менән Авиһу, үҙҙәренең төтәҫләгес һауыттарын алып, уға ҡуҙ, хуш еҫле матдәләр һалдылар ҙа Раббы алдына рөхсәт ителмәгән ут килтерҙеләр. Ә Раббы быны эшләргә бойормағайны. Шул саҡ Раббы хозурынан ут сыҡты ла уларҙы ялмап алды. Улар Раббы алдында үлде. Муса Һарунға: – Раббының: «Миңә яҡындар аша мөҡәддәслегемде күрһәтермен, Бөтөн халыҡ алдында дан ҡаҙанырмын», – тип әйткәне ошолор, – тине. Һарун өндәшмәне. Муса Һарундың атаһының бер туғаны Ғуззиилдың улдары Мишаил менән Әлсафанды саҡырҙы. – Барығыҙ, туғандарығыҙҙы Изге сатырҙан туплам тышына алып сығығыҙ, – тине. Улар, Муса ҡушыуы буйынса барып, Надав менән Авиһуҙы кейемдәренән тотоп тупламдан ситкә алып сыҡтылар. Муса Һарунға һәм уның ҡалған улдары Әлғазар менән Иҫамарға: – Сәстәрегеҙҙе туҙҙырмағыҙ, кейемегеҙҙе йыртҡыламағыҙ, – тине. – Юҡһа үлерһегеҙ һәм Раббы бөтә йәмғиәткә асыуланыр. Әммә ҡәрҙәштәрегеҙ, бөтә Исраил халҡы, Раббы тарафынан яндырылғандар өсөн йәш түкһен. Ә һеҙ Осрашыу сатыры ауыҙынан ситкә китмәгеҙ, юҡһа үлерһегеҙ. Һеҙ бит Раббының мәсех майы менән майланып, Уға бағышландығыҙ. Улар Муса әйткәнсә эшләне. Раббы Һарунға былай тине: – Үҙең дә, улдарың да Осрашыу сатырына шарап йәки башҡа иҫерткес эсемлектәр эсеп инмәгеҙ, юҡһа үлерһегеҙ. Был һеҙҙең өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә булһын. Һеҙ мөҡәддәс нәмәләрҙе ғәҙәтиҙән, пакты нәжестән айырырға тейешһегеҙ. Раббының Муса аша Исраил халҡына белдергән бөтә ҡағиҙәләрен уларға өйрәтегеҙ. Муса Һарунға һәм уның иҫән ҡалған улдары Әлғазар менән Иҫамарға: – Раббыға бағышланған ут ҡорбандарынан ҡалған икмәк саҙаҡаһынан сөсө икмәк бешерегеҙ ҙә уларҙы ҡорбан усағы янында ашағыҙ, сөнки был саҙаҡа – изгеләрҙән-изге. Уны изге урында ашағыҙ, сөнки был – Раббы өсөн бирелгән ут ҡорбандарынан һинең һәм улдарыңдың өлөшө. Миңә шундай бойороҡ бирелде. Өҫкә күтәреп күрһәтелгән түш ите менән саҙаҡа булған артҡы уң ботто улдарығыҙ һәм ҡыҙҙарығыҙ менән бергәләп таҙа урында ашағыҙ. Сөнки улар – Исраил халҡы тарафынан тәҡдим ителгән татыулыҡ ҡорбандарынан һиңә һәм балаларыңа тейгән өлөш. Саҙаҡа итеп килтерелгән ботто һәм күтәреп күрһәтелгән түш итен ут ҡорбанының эс майы менән бергә алып килеп, Раббы хозурында һелкетмә ҡорбан булараҡ күтәреп күрһәтһендәр. Раббының бойороғо буйынса, улар һиңә һәм балаларыңа мәңгелек өлөш булыр, – тине. Муса гонаһ ҡорбаны булараҡ килтерелгән кәзә тәкәһе тураһында һораны. Ул иһә яндырылғайны инде. Муса Һарундың иҫән ҡалған улдары Әлғазар менән Иҫамарға бик ныҡ асыуланды. – Ни өсөн һеҙ гонаһ ҡорбанын изге бер урында ашаманығыҙ? Ул бит изгеләрҙән-изге, һеҙгә йәмғиәттең ғәйебен йыуып ташлау һәм уларҙы Раббы ҡаршыһында гонаһтарынан паклау өсөн бирелгән. Был ҡорбандың ҡаны Изге сатырға индерелмәгән. Мин һеҙгә бойорғанса, ҡорбанды изге урында ашарға тейеш инегеҙ, – тине. – Бөгөн улар Раббы хозурына үҙҙәренең гонаһ ҡорбаны менән тотош яндырыу ҡорбаны килтерҙе, – тип яуапланы Һарун Мусаға. – Шунан һуң башыма ошондай хәлдәр килде. Әгәр бөгөн гонаһ ҡорбанын ашаһам, Раббы уны хуш күрер инеме? Муса, быны ишетеп, ризалашты. Раббы Муса менән Һарунға былай тине: – Исраил халҡына иғлан итегеҙ: ер өҫтөндә йәшәгән хайуандарҙан һеҙгә ашарға яраҡлы йән эйәләре түбәндәгеләр. Айыры тояҡлы һәм көйшәгән бөтә хайуандарҙы ла ашарһығыҙ. Әммә көйөшлө йәки айыры тояҡлы хайуандарҙан һеҙгә ашарға ярамай: дөйә, сөнки ул көйшәһә лә айыры тояҡлы түгел, шуға күрә лә ул һеҙҙең өсөн хәрәм; даман, сөнки ул көйшәһә лә, айыры тояҡлы түгел, шуға күрә лә ул һеҙҙең өсөн хәрәм; ҡуян, сөнки ул көйшәһә лә, айыры тояҡлы түгел, шуға күрә лә ул һеҙҙең өсөн хәрәм; сусҡа, сөнки ул айыры тояҡлы булһа ла, көйшәмәй, шуға күрә лә һеҙҙең өсөн хәрәм. Уларҙың итен ашамағыҙ, үләкһәләренә ҡағылмағыҙ. Улар һеҙҙең өсөн хәрәм. Һыуҙа – диңгеҙҙәме ул, йылғаламы – йәшәгәндәрҙән йөҙгөстәре һәм тәңкәләре булғандарын ашай алаһығыҙ. Әммә диңгеҙҙәге һәм йылғаларҙағы йөҙгөстәре менән тәңкәләре булмаған мыжғып йөрөгән һәм башҡа йән эйәләре һеҙҙең өсөн ерәнгес булһын. Улар хәрәм һеҙҙең өсөн – итен ашамағыҙ, үләкһәләренән ерәнегеҙ. Һыуҙа йәшәгән йөҙгөсһөҙ һәм тәңкәһеҙ бөтә йән эйәләре һеҙҙең өсөн ерәнгес булһын. Ҡоштарҙың ошоларын ашарға ярамай, улар ерәнгес: бөркөт, таҙғара, диңгеҙ бөркөтө, төйлөгән һәм ыласындың бөтә төрҙәре, ҡоҙғондоң бөтә төрҙәре, дөйәғош, ябалаҡ, аҡсарлаҡ һәм ҡарсығаның бөтә төрҙәре, бәләкәй ябалаҡ, диңгеҙ ҡоҙғоно, өкө, ибис, берғаҙан, сип, ҡауҙы, селәндең бөтә төрҙәре, һөҙһөт һәм ваҡ ярғанат. Дүрт аяҡта йөрөгән һәм ҡанатлы бөжәктәрҙең барыһы ла һеҙҙең өсөн ерәнгес. Әммә ер өҫтөнән һикереп йөрөү өсөн яйланған аяҡтары һәм ҡанаттары булған бөжәктәрҙе ашарға мөмкин. Улар араһынан саранча һәм уның тоҡомонан булғандарҙы, бөтә сиңерткәләрҙе ашарға ярай. Дүрт аяҡлы ҡалған бөтә бөжәктәр ҙә һеҙҙең өсөн ерәнгес. Һеҙҙе нәжесләйәсәк нәмәләр ошо. Уларҙың үләкһәһенә ҡағылған һәр кем кискә тиклем бысраҡ булыр. Уларҙың үләкһәһенә ҡағылған һәр кем кейемен йыуһын; кискә тиклем нәжес һаналыр. Айыры тояҡлы, әммә айырсаһы тәрән булмаған, көйөшһөҙ хайуандар һеҙҙең өсөн хәрәм. Уларға ҡағылған һәр кем нәжес булыр. Дүрт аяҡлы хайуандар араһында тәпәйлеләре һеҙҙең өсөн хәрәм. Уларҙың үләкһәһенә ҡағылған һәр кем кискә тиклем нәжес һаналһын. Уларҙың үләкһәһенә тотонған һәр кем кейемен йыуырға тейеш. Был хайуандар һеҙҙең өсөн хәрәм. Ер өҫтөндә мыжғып йөрөгән ваҡ йәнлектәр араһынан һеҙҙең өсөн нәжес булғандар ошо: һуҡыр сысҡан, сысҡан, кеҫәртке һәм уның бөтә төрҙәре: геккон, сыбар кеҫәртке, ябай кеҫәртке, сцинк һәм хамелеон һеҙҙең өсөн хәрәм. Улар һеҙҙең өсөн хәрәм. Уларҙың үләкһәһенә ҡағылған һәр кем кискә саҡлы нәжес булыр. Уларҙың берәйһенең үләкһәһе өҫтөнә төшкән һәр нәмә нәжес булыр: ағас һауытмы ул, кейемме, тиреме, тоҡмо – көнкүрештә ҡулланылған бөтә әйбер – нәжес һаналыр. Уларҙы һыуға һалып ҡуйығыҙ, кискә тиклем нәжес булырҙар, шунан таҙарырҙар. Уларҙың берәйһе ниндәй ҙә булһа балсыҡ һауыт эсенә төшһә, һауыт эсендәге әйбер нәжес һаналыр; ә һауытты ватырға кәрәк. Әгәр ҙә бындай һауыттағы һыу ризыҡҡа түгелһә, ул ризыҡ нәжесләнер. Ундай һауыт эсендәге бөтә эсемлек нәжес булыр. Уларҙың үләкһәһенең берәй нәмәһе төшкән әйбер нәжес булыр. Мейесме, усаҡмы – улар емерелергә тейеш. Сөнки улар нәжесләнде һәм һеҙҙең өсөн нәжес булыр. Бары тик шишмә йәки һыу һаҡлау урыны ғына таҙа ҡалыр. Был йәнлектәрҙең үләкһәһенә ҡағылған һәр кем нәжес һаналыр. Уларҙың үләкһәһенең бер өлөшө сәсә торған орлоҡҡа төшһә, орлоҡ таҙа ҡалыр. Әммә үләкһәнең берәй нәмәһе һыуға һалынған орлоҡҡа төшһә, был орлоҡ һеҙҙең өсөн нәжес булыр. Әгәр ҙә ашарға яраҡлы хайуандарҙың берәйһе үлһә, уның үләкһәһенә ҡағылған һәр кем кискә тиклем нәжес һаналыр. Хайуандың үләкһәһен ашаған кеше кейемен йыуырға тейеш. Ул кискә саҡлы нәжес булыр. Үләкһәһенә ҡағылған кеше лә кейемен йыуһын. Ул да кискә тиклем нәжес һаналыр. Ер өҫтөндә мыжғып йөрөгән һәр ваҡ хайуан һеҙҙең өсөн ерәнгес; уны ашарға ярамай. Ер өҫтөндә мыжғып йөрөгәндәрҙең – ҡорһағында шыуышҡан, дүрт аяҡта йөрөгән һәм күп аяҡлыларҙың береһен дә ашамағыҙ, сөнки улар ерәнгес. Шундайҙарҙы ашап, үҙегеҙҙе әшәкеләтмәгеҙ, улар арҡаһында нәжесләнмәгеҙ. Мин Аллағыҙ Раббымын. Үҙегеҙҙе изгеләндерегеҙ һәм изге булығыҙ, сөнки Мин изгемен. Ер өҫтөндә мыжғып йөрөгән ниндәй ҙә булһа йәнлек менән үҙегеҙҙе нәжесләмәгеҙ. Сөнки Аллағыҙ булыр өсөн һеҙҙе Мысырҙан алып сыҡҡан Раббы Мин. Изге булығыҙ, сөнки Мин изгемен. Раббы Мусаға былай тине: – Исраил халҡына иғлан ит: әгәр бер ҡатын ауырға ҡалып, ир бала тапһа, ете көн буйы күрем ваҡытындағы һымаҡ нәжес һаналыр. Сабый һигеҙенсе көндә сөннәткә ултыртылһын. Ҡатын ҡан ағыуҙан таҙарынғансы утыҙ өс көн көтһөн, пакланыу көндәре тулғанға тиклем бер ниндәй изге әйбергә лә ҡағылмаһын, Изге сатырға бармаһын. Әгәр ҙә ҡатын ҡыҙ бала тапһа, ике аҙна буйы күрем ваҡытындағы һымаҡ нәжес һаналыр. Ҡан ағыуҙан таҙарыныу өсөн алтмыш алты көн көтһөн. Ир йәки ҡыҙ бала тапҡан ҡатын, пакланыу көндәре тамамланғас, тотош яндырыу ҡорбаны өсөн һарыҡтың бер йәшлек тәкә бәрәсен, гонаһ ҡорбаны өсөн күгәрсен балаһы йәки алатуба алып, Осрашыу сатыры ауыҙына ҡаһинға килтерһен. Ҡаһин был ҡорбандарҙы Раббы ҡаршыһында ғәмәл ҡылһын һәм ҡатынды паклаһын; ҡатын ҡаны ағыуҙан таҙарыныр. Был – ир йәки ҡыҙ бала тапҡан ҡатындар өсөн ҡағиҙә. Әгәр ҙә ҡатындың һарыҡ бәрәсе ҡорбан итергә хәленән килмәһә, ике алатуба йәки ике күгәрсен балаһы алһын: береһе тотош яндырыу ҡорбанына, икенсеһе гонаһ ҡорбанына булыр. Былар менән ҡаһин ҡатынды паклар һәм ул таҙа булыр. Раббы Муса менән Һарунға былай тине: – Әгәр берәй кешенең тән тиреһенә шеш, сабыртҡы йәки тап сыҡһа һәм уның йоғошло тире ауырыуына әйләнеү ихтималы булһа, ул кеше Һарун ҡаһинға йәки уның нәҫеленән булған ҡаһиндарҙың береһенә килтерелһен. Ҡаһин тиреләге яраны ҡараһын. Әгәр яра өҫтөндәге төктәр ағарған, яра тирегә тәрәнәйгән булһа, был – йоғошло тире ауырыуының билдәһе. Ҡаһин сирлене нәжес тип иғлан итһен. Әгәр тән тиреһендәге тап аҡ төҫтә булып, тәрәнгә батмаған һәм өҫтөндәге төктәре ағармаған булһа, ҡаһин был кешене ете көнгә ябып ҡуйһын. Етенсе көндө ҡаһин яраны ҡараһын: әгәр ҙә яра үҙгәрмәһә, тире өҫтөнә йәйелмәгән булһа, уны йәнә ете көн тотһон. Ҡаһин уны етенсе көндө тағы ҡараһын. Әгәр яра уңала башлаған, тирегә йәйелмәгән икән, ҡаһин ул сирлене таҙа тип иғлан итер. Был бары тик ябай сабыртҡы ғына. Ул кеше кейемен йыуыр ҙа таҙа булыр. Ләкин ҡаһин уны ҡарап таҙа һанағандан һуң сабыртҡы тирелә йәйелеп китһә, сирле ҡаһинға ҡабат күренһен. Ҡаһин уны ҡабат ҡараһын: сабыртҡы тәнгә таралған булһа, ул кешене нәжес тип иғлан итһен. Был – йоғошло тире ауырыуы. Берәй кешелә йоғошло тире ауырыуы булһа, ул ҡаһинға килтерелһен. Ҡаһин уны ҡараһын һәм кешенең тиреһе ағарып шешкән, төктәре ағарған һәм шешектәге яра сеп-сей ит икән, тимәк, был – аҙып киткән йоғошло тире ауырыуы. Ҡаһин был кешене нәжес тип иғлан итһен, әммә япмаһын, сөнки нәжес икәне билдәле. Әгәр йоғошло тире ауырыуы кешенең бөтә тәненә йәйелгән һәм баштан-аяҡ ҡаплап алған булһа, ҡаһин уның бөтә тәнен ҡарарға тейеш. Сирҙең тәнгә тотош таралғанын күрһә, ул был кешене таҙа тип иғлан итһен. Тире тулыһынса ағарған булһа, ауырыу таҙа һаналыр. Әммә сей яра күренһә, ул кеше нәжес һаналыр. Ҡаһин яраның сей ит икәнен күрһә, кешене нәжес тип иғлан итер. Сей ит – нәжес; был – йоғошло тире ауырыуы. Әгәр ҙә сей яра уңалып, тиреһе ағарһа, был кеше ҡаһинға тағы күренһен. Ҡаһин уны ҡарар ҙа, яраның уңалғанын күргәс, уны таҙа тип иғлан итер. Был кеше таҙа һаналыр. Әгәр берәйһенең тәненә сиҡан сығып уңалһа, әммә урыны ағарып, шешмәкләнеп торһа, йәки аҡһыл-ҡыҙыл тап хасил булһа, был кеше ҡаһинға күренергә тейеш. Ҡаһин уны ҡараһын. Әгәр ҙә тап тирегә уйылып ингән булһа һәм төктәре ағарып торһа, был кеше нәжес тип иғлан ителер. Сиҡан урынына сыҡҡан йоғошло тире ауырыуы был. Әммә ҡаһин ауырыуҙы ҡарап, яралағы төктәрҙең ағармағанын, яраның тирегә тәрәнәймәгәнен, киреһенсә, саҡ һиҙелеп торғанын күрһә, был кешене ете көн ябып торһон. Әгәр яра тәнгә ныҡлап йәйелһә, ҡаһин ул кешене нәжес тип иғлан итер. Был – тире ауырыуы. Ә тап шул килеш ҡалһа, йәйелмәһә, был – сиҡан урыны ғына. Ҡаһин был кешене таҙа тип иғлан итер. Берәйһе тәнен бешерһә һәм уңалған ерендә аҡһыл-ҡыҙыл тап ҡалһа, ҡаһин уны ҡараһын, таптағы төктәр ағарғанын, таптың тирегә тәрәнәйгәнен күрһә, был – бешкән урынға сыҡҡан йоғошло тире ауырыуы. Ҡаһин ул кешене нәжес тип иғлан итһен, сөнки был – тире ауырыуы. Әммә төктәр ағармаған, тап тирегә тәрәнәймәгән, ә саҡ ҡына беленеп тора икән, ҡаһин ул кешене ете көн ябып тотһон. Етенсе көндө тағы ҡараһын. Тап тирегә йәйелгән булһа, ҡаһин ул кешене нәжес тип иғлан итер. Сөнки был – йоғошло тире ауырыуы. Әгәр ҙә тиреләге тап элеккесә ҡалһа, йәйелмәһә, саҡ беленеп торһа, был – сир түгел. Ҡаһин ул кешене таҙа тип белдерер, сөнки был – бешкәндән ҡалған яра эҙе. Әгәр берәй ҡатындың йә ирҙең башында йәки эйәгендә яра булһа, ҡаһин уны ҡараһын. Әгәр яра тирегә уйылып ингән булһа, ә яралағы төктәр нәҙегәйеп һарғайһа, ҡаһин ул кешене нәжес тип белдерһен. Был – таҙ, баштағы йәки эйәктәге йоғошло тире ауырыуы. Әгәр ҡаһин яраның тирегә тәрәнәймәгәнен, әммә төктәренең ҡара түгеллеген күрһә, был кешене ете көнгә ябып ҡуйһын. Етенсе көндө ҡаһин яраны тағы ҡараһын. Әгәр яра таралмаһа, тирегә уйылып тәрәнәймәһә һәм төктәре һарғайып тормаһа, уны ҡырырға, тик ауыртҡан урынына ҡағылмаҫҡа кәрәк. Ҡаһин ул кешене тағы ете көн ябып тотһон. Етенсе көндө ҡаһин ауыртҡан урынды ҡараһын. Яра таралмаған һәм тирегә уйылып тәрәнәймәгән булһа, ҡаһин был кешене таҙа тип иғлан итер. Ул кеше кейемен йыуыр ҙа таҙа һаналыр. Әгәр ҙә таҙ был кеше таҙа тип иғлан ителгәндән һуң таралып китһә, ҡаһин уны йәнә тикшерһен. Әгәр ҡысытма йәйелеп киткән булһа, төктәренең һарғайғанын ҡарап тормаһын. Был кеше нәжес һаналыр. Әммә яра үҙгәрешһеҙ ҡалған, ә төктәре уның фекеренсә ҡарая башлаған икән, тимәк, таҙ үткән. Был кеше – таҙа. Ҡаһин уны таҙа тип иғлан итер. Әгәр берәй ир йәки ҡатындың тәнендә аҡ тап булһа, ҡаһин уны ҡараһын. Ул аҡһылланып торһа, был – ғәҙәти сабыртҡы. Был кеше пак һаналыр. Әгәр берәйһенең башындағы сәсе ҡойолһа, тимәк, ул ялтас. Был кеше пак һаналыр. Әгәр ҙә башының алғы өлөшөндәге сәсе ҡойолһа, был ялтаслыҡтың икенсе төрө. Ул пак. Әгәр ҙә сәсе ҡойолған урынға, ҡаҡ башына аҡһыл-ҡыҙыл таптар сыҡһа, был йоғошло тире ауырыуына оҡшаған. Ҡаһин ул кешене ҡарар. Ялтас урынындағы яра аҡһыл-ҡыҙыл булып шешеп торһа һәм йоғошло тире ауырыуының яраһына оҡшаған булһа, был кешелә йоғошло тире ауырыуы – нәжес ул. Ҡаһин уны нәжес тип иғлан итер. Уның башында яра бар. Бындай йоғошло тире ауырыулы кешенең кейеме йыртыҡ, сәсе туҙған булһын. Ул йөҙөнөң аҫҡы өлөшөн ҡаплаһын һәм: «Нәжесмен! Нәжесмен!» – тип ҡысҡырһын. Ауырыуы бөткәнгә тиклем был кеше нәжес һаналыр. Ул тупламдан ситтә, башҡаларҙан айырым йәшәһен. һәм кейемдәге йәки күндәге, туҡыманың буй һәм арҡау ебендәге, ниндәй ҙә булһа күн әйберҙәге был үңәҙ йәшкелт йәки ҡыҙғылт тап рәүешендә булһа, был – таралып барған үңәҙ; уны ҡаһинға күрһәтергә кәрәк. Ҡаһин үңәҙҙе ҡарар ҙа әйберҙе ете көн бикле урында тотор. Етенсе көндө үңәҙҙе – кейемдәме ул, буй йәки арҡау ептәме, күндәме, күн әйберҙәме – ҡарар. Әгәр таралған икән, был – зарарлы үңәҙ. Әйбер нәжес һаналыр. Был үңәҙле кейем, буй һәм арҡау йөн йәки етен еп, күн йәки күн әйбер ҡаһин тарафынан яндырылыр. Был – зарарлы үңәҙ, әйбер утта яндырылырға тейеш. Әгәр ҙә ҡаһин кейемдә, туҡыманың буй йә арҡау ебендә, ниндәй ҙә булһа күн әйберҙә үңәҙҙең таралмағанын күрһә, әйберҙе йыуырға ҡушыр һәм йәнә ете көн бикле урында тотор. Әйберҙе йыуғандан һуң, ҡаһин уны тағы ҡараһын; тап төҫөн үҙгәртмәһә, үңәҙ таралмаған хәлдә лә әйбер нәжес һаналыр. Үңәҙ уның уң йәки тиҫкәре яғында булыуына ҡарамаҫтан, әйбер яндырылырға тейеш. Әгәр ҙә йыуғандан һуң үңәҙҙең кәмегәнен күрһә, ҡаһин кейемдең, арҡау йәки буй ептең, күндең ошо өлөшөн йыртып алыр. Әгәр кейем, буй йәки арҡау еп, күн әйбер яңынан күгәреп сыҡһа, тимәк, үңәҙ тарала. Әйбер утта яндырылһын. Әгәр ҙә кейемде, буй йәки арҡау епте, күн әйберҙе йыуһаң һәм үңәҙе бөтһә, уны тағы бер тапҡыр йыуырға кәрәк. Шул саҡта ул таҙа һаналыр. Был – йөн йәки етен кейемдәге, арҡау йәки буй ептәге, ниндәй ҙә булһа күн әйберҙәге үңәҙ һәм уны таҙа йәки нәжес тип иғлан итеү тураһында ҡағиҙә. Раббы Мусаға былай тине: – Бына йоғошло тире ауырыуы булған кешене паклау ҡағиҙәһе: уны ҡаһинға килтерһендәр; ҡаһин, тупламдан тышҡа сығып, уны тикшерһен. Әгәр ауырыу йоғошло тире ауырыуынан сәләмәтләнгән икән, ҡаһин уға хәләлдән ике тере ҡош, кедр таяғы, ут-ҡыҙыл еп, майағас үләне алып килергә ҡушһын. Ҡаһин был ҡоштарҙың береһен саф шишмә һыуы һалынған балсыҡ һауыт өҫтөндә салырға бойорһон. Ә ул үҙе икенсе тере ҡошто, кедр таяғын, ут-ҡыҙыл епте һәм майағасты шишмә һыуы өҫтөндә салынған ҡоштоң ҡанына манһын да йоғошло тире ауырыуынан таҙарыныусы кешегә ете тапҡыр һирпһен һәм уны таҙа тип иғлан итеп, тере ҡошто ҡырға ебәрһен. Таҙарыныусы кеше кейемен йыуһын, үҙен тотош ҡырһын, йыуынһын һәм таҙа һаналыр. Шунан тупламға ҡайтһын, әммә ете көн буйы сатырының тышында йәшәһен. Етенсе көндө ул сәсен, һаҡал-мыйығын, ҡашын, тәнендәге бөтә йөндө ҡырһын, кейемен йыуһын, йыуынһын һәм таҙа һаналыр. Һигеҙенсе көндө ул кеше кәмселеге булмаған ике тәкә һарыҡ бәрәсе һәм бер һарыҡ бәрәсе, икмәк саҙаҡаһы итеп зәйтүн майына буталған бер эфаның ундан өс өлөшө күләмендә сифатлы бойҙай оно һәм бер лог зәйтүн майы килтерһен. Таҙарыныу йолаһын башҡарған ҡаһин таҙарынған кешене ошо әйберҙәре менән Осрашыу сатыры ауыҙына, Раббы хозурына алып килһен. Шунан ҡаһин тәкә бәрәстәрҙең береһен бер лог май менән бергә ғәйеп ҡорбаны өсөн килтерһен дә, һелкетмә ҡорбан булараҡ, Раббы хозурында күтәреп күрһәтһен. Тәкәне гонаһ ҡорбанын һәм тотош яндырыу ҡорбанын салған ерҙә, мөҡәддәс урында һуйһын. Ғәйеп ҡорбаны, гонаһ ҡорбаны кеүек үк, ҡаһиндыҡы. Был – изгеләрҙән-изге ҡорбан. Ҡаһин, ғәйеп ҡорбанының ҡанын алып, таҙарыныусының уң ҡолағының осона, уң ҡулының һәм уң аяғының баш бармаҡтарына һөртһөн. Шунан һуң бер аҙ зәйтүн майы алып, уны үҙенең һул усына ҡойһон. Уң ҡулының бармағын усындағы майға манып, уны Раббы ҡаршыһында ете тапҡыр һирпһен. Ҡаһин усында ҡалған майҙы таҙарыныусының уң ҡолағының осона, уң ҡулының һәм уң аяғының баш бармаҡтарына, ғәйеп ҡорбаны ҡаны буялған урындарға, һөртһөн. Ҡалған майҙы иһә таҙарыныусының башына ҡойһон. Шул рәүешле ул Раббы хозурында паклау йолаһын үткәрер. Шунан һуң ҡаһин гонаһ ҡорбанын тәҡдим итһен. Шул рәүешле ҡаһин был кеше өсөн паклау йолаһын башҡарып, уны нәжесенән таҙарындырыр. Һуңынан тотош яндырыу ҡорбанын салһын. Тотош яндырыу ҡорбаны менән икмәк саҙаҡаһын ҡорбан усағында яндырһын. Шул рәүешле ҡаһин паклау йолаһын башҡарыр һәм ул кеше таҙа булыр. Пакланыу өсөн һигеҙенсе көндө уларҙы, Раббы хозурына, Осрашыу сатыры ауыҙына алып килеп, ҡаһинға бирһен. Ҡаһин, ғәйеп ҡорбаны булған бәрәс менән бер лог зәйтүн майын, Раббыға бағышланған һелкетмә ҡорбан булараҡ, өҫкә күтәреп күрһәтһен. Ғәйеп ҡорбаны булған бәрәсте салһын. Ҡорбандың ҡанын алып, таҙарыныусы кешенең уң ҡолағының осона, уң ҡулының һәм уң аяғының баш бармаҡтарына һөртһөн. Шунан һуң үҙенең һул усына бер аҙ зәйтүн майы ҡойһон. Уң ҡулының бармағын һул усындағы майға манып, Раббы ҡаршыһында ете тапҡыр һирпһен. Уң ҡулының бармағын усындағы майға манып, таҙарыныусының уң ҡолағының осона, уң ҡулының һәм уң аяғының баш бармаҡтарына, ғәйеп ҡорбаны ҡаны буялған урындарға, һөртһөн. Усында ҡалған майҙы ҡаһин таҙарыныусы кешенең башына ҡойһон; шул рәүешле Раббы ҡаршыһында уны паклау йолаһын башҡарыр. Был – йоғошло тире ауырыуы булған һәм таҙарыныр өсөн тейешле ҡорбан килтерергә хәле етмәгән кешеләр өсөн ҡанун. Раббы Муса менән Һарунға былай тине: – Мин һеҙгә биләмә итеп бирәсәк Ҡәнғән еренә ингәс, өйҙәрегеҙҙең береһенә тарала торған үңәҙ ебәрһәм, ул йорттоң хужаһы ҡаһинға килһен дә: «Минең өйөмдә тарала торған үңәҙ кеүек нәмә күренде», – тип әйтһен. Ҡаһин үңәҙҙе ҡарарға ингәнгә тиклем, эстәге әйберҙәр нәжес тип иғлан ителмәһен өсөн өйҙө бушатырға әмер бирһен. Шунан ғына ҡаһин эскә инеп ҡараһын. Ул өйҙөң диуарҙарындағы үңәҙҙе ҡарар. Әгәр уға йәшкелт йәки ҡыҙғылт таптар күренһә һәм улар диуарға уйып ингән булһа, ҡаһин тышҡа, күтәрмәгә, сыҡһын да өйҙө ете көнгә бикләп ҡуйһын. Етенсе көндө ҡаһин тағы килеп, үңәҙҙең йәйелгәнен күрһә, ул үңәҙле таштарҙы соҡоп алып ҡаланан ситтәге нәжес урынға ташларға әмер бирһен. Шулай уҡ өйҙөң эсен тулыһынса ҡырып таҙартырға, һәм ҡырғанда барлыҡҡа килгән бөтә сүп-сарҙы ҡаланан ситтәге нәжес урынға түгергә бойорһон. Соҡоп алынған таштар урынына башҡа таштар ҡуйһындар һәм, яңы иҙмә алып, өйҙө ҡабат һылаһындар. Таштарын ҡуптарып, өйҙө ҡырып таҙартып, яңынан һылағандан һуң да үңәҙ ҡабат күренһә, ҡаһин йәнә килеп ҡараһын. Үңәҙ өйгә яңынан таралған икән, тимәк, был – зарарлы үңәҙ. Өй нәжес һаналыр. Өйҙө емереп, ташын, ағасын, бөтә иҙмәһен тотош ҡаланан ситкә, нәжес урынға сығарып түгергә кәрәк. Бикле торған көндәрҙә был өйгә ингән һәр кем кискә тиклем нәжес һаналыр. Ул өйҙә ятҡан йәки тамаҡ ашаған кеше кейемен йыуырға тейеш. Өй һылағандан һуң, ҡаһин килеп ҡарап, үңәҙҙең таралмағанын күрһә, өйҙө таҙа тип иғлан итер, сөнки үңәҙ бөткән. Өйҙө паклар өсөн ике ҡош, кедр таяғы, ут-ҡыҙыл еп һәм майағас үләне алыр. Ҡоштарҙың береһен балсыҡ һауыттағы саф шишмә һыуы өҫтөндә салыр. Кедр таяғын, майағас үләнен, ҡыҙыл епте, тере ҡошто салынған ҡоштоң ҡанына һәм таҙа һыуға манып, ете тапҡыр өйгә һирпер. Ҡоштоң ҡаны һәм таҙа һыу, тере ҡош, кедр таяғы, майағас һәм ҡыҙыл еп менән өйҙө паклар. Тере ҡошто ҡаланан ситкә, ҡырға ебәрер. Шул рәүешле ҡаһин өйҙө паклау йолаһын башҡарыр һәм өй таҙа һаналыр. Раббы Муса менән Һарунға былай тине: – Исраил халҡына әйтегеҙ, иғлан итегеҙ уларға: әгәр кешенең ирлек ағзаһынан ағынтыһы булһа, ул шуның арҡаһында нәжес булыр. Ағынты аҡһа ла, йыйылып торһа ла, был кеше нәжес була. Был – уның нәжесе. Ағынтыһы булған кеше ятҡан түшәк, ултырған әйбер – бөтәһе лә нәжес һаналыр. Уның түшәгенә ҡағылған кеше кейемен йыуырға һәм йыуынырға тейеш. Ул кискә тиклем нәжес һаналыр. Ағынтылы әҙәмдең урынына ултырған кеше лә кейемен йыуырға һәм йыуынырға тейеш. Ул кискә тиклем нәжес һаналыр. Ағынтыһы булған кешегә ҡағылған һәр кем кейемен йыуһын, йыуынһын һәм кискә тиклем нәжес һаналыр. Ағынтыһы булған әҙәм таҙа кешегә төкөрһә, тегеһе кейемен йыуһын, йыуынһын һәм кискә тиклем нәжес һаналыр. Ағынтыһы булған әҙәм ултырып йөрөгән нәмә нәжес һаналыр. Ул ултырған йәки ятҡан һәр нәмәгә ҡағылған кеше кискә тиклем нәжес һаналыр. Был әйберҙәрҙе ташыған һәр кем кейемен йыуһын, йыуынһын һәм кискә тиклем нәжес һаналыр. Ағынтыһы булған әҙәм ҡулын йыумайынса ҡағылған һәр кем кейемен йыуһын, йыуынһын һәм кискә тиклем нәжес һаналыр. Ағынтылы әҙәм ҡағылған балсыҡ һауытты ватырға, ағас һауытты һыуҙа йыуырға кәрәк. Әгәр ағынтыһы туҡтаһа, ул үҙенә таҙарыныу өсөн ете көн иҫәпләһен. Унан кейемен йыуыр, йыуыныр һәм таҙа һаналыр. Һигеҙенсе көндө, ике алатуба йәки ике күгәрсен балаһы алып, Раббы хозурына, Осрашыу сатыры ауыҙына килһен һәм уларҙы ҡаһинға бирһен. Ҡаһин береһен гонаһ ҡорбаны, икенсеһен тотош яндырыу ҡорбаны итеп салыр һәм ағынтыһы булған кешене Раббы ҡаршыһында паклау йолаһын башҡарыр. Әгәр ҙә кемдең дә булһа мәнейе аҡһа, бөтә тәнен йыуһын, шунан кискә тиклем нәжес һаналыр. Мәней тейгән һәр туҡыма йәки күн кейем йыуылһын. Кискә саҡлы ул әйбер нәжес һаналыр. Ир ҡатын менән ятһа һәм мәнейе аҡһа, икеһе лә йыуынһын. Улар кискә тиклем нәжес һаналыр. Күрем ҡаны аҡҡанда, ҡатын ете көн буйы нәжес булыр. Уға ҡағылған һәр кем кискә тиклем нәжес һаналыр. Күрем көндәрендә ятҡан түшәге лә, ултырған урыны ла нәжесләнер. Уның түшәгенә ҡағылған һәр кем кейемен йыуһын, йыуынһын һәм кискә тиклем нәжес һаналыр. Бындай ҡатын ултырған һәр нәмәгә ҡағылған кеше кейемен йыуһын һәм йыуынһын һәм кискә тиклем нәжес һаналыр. Ул ҡатындың түшәгендәге йәки ултырған урынындағы берәй әйбергә тейгән һәр кем кискә тиклем нәжес һаналыр. Әгәр ҙә ире уның менән йоҡлаһа, ҡатынының нәжесе уға ла күсә. Был кеше ете көн нәжес булыр, ятҡан түшәге лә нәжес һаналыр. Әгәр берәй ҡатындың ғәҙәттәге күрем ваҡытынан тыш ҡаны килеп торһа йәки күреме бөткәндән һуң да ҡан килеүе оҙаҡ көндәр буйы дауам итһә, ул ҡатын күрем ваҡытындағы кеүек нәжес булыр. Ҡаны аҡҡан көндәрҙә ятҡан түшәге, ултырған урыны күрем ваҡытындағы кеүек үк нәжес һаналыр. Уларға ҡағылған һәр кем нәжес һаналыр. Был кеше кейемен йыуһын, йыуынһын һәм кискә тиклем нәжес һаналыр. Ә ҡаны ағыуҙан туҡтағас, ҡатын ете көн иҫәпләһен, шунан һуң таҙа һаналыр. Һигеҙенсе көндө ике алатуба йәки ике күгәрсен балаһы алып, уларҙы Осрашыу сатыры ауыҙына килтерһен һәм ҡаһинға бирһен. Ҡаһин береһен гонаһ ҡорбаны, икенсеһен тотош яндырыу ҡорбаны итеп салһын. Шул рәүешле ҡаһин Раббы хозурында был ҡатынды ҡан ағыу нәжеслегенән пакландырыр. Исраил халҡы араһындағы торлағымды нәжесләп һәләк булмаһындар өсөн, исраилдарҙы нәжестән һаҡлағыҙ. Һарундың ике улы Раббы хозурына яҡынлашып үлгәндән һуң, Раббы Мусаға былай тине: – Ағайың Һарунға әйт, пәрҙә артындағы Иң мөҡәддәс урынға теләһә ҡайһы ваҡытта инмәһен, Изге һандыҡ өҫтөндәге ҡапҡасҡа яҡынламаһын, юғиһә үлер. Мин бит ҡапҡас өҫтөндә, болот эсендә пәйҙә булырмын. Шуға күрә Һарун Иң мөҡәддәс урынға кергәндә гонаһ ҡорбаны итеп бер башмаҡ, тотош яндырыуға һарыҡ тәкәһе килтерергә тейеш. Изге етен күлдәк, етен ыштан кейһен, биленә етен билбау быуһын, етен сәллә ураһын. Был – изге кейемдәр, шуның өсөн, уларҙы кейгәнгә тиклем, йыуынһын. Һарун Исраил халҡы йәмғиәтенән гонаһ ҡорбаны итеп ике кәзә тәкәһе, тотош яндырыуға бер һарыҡ тәкәһе алһын. Үҙе һәм ғаиләһе гонаһтан пакланһын өсөн ул гонаһ ҡорбаны итеп үгеҙ башмаҡ тәҡдим итһен. Шунан ике кәзә тәкәһен Раббы хозурына, Осрашыу сатыры ауыҙына алып килһен дә йәрәбә һалһын: тәкәләрҙең береһе – Раббы, икенсеһе Ғазазел өсөн булыр. Йәрәбә буйынса Раббыға сыҡҡан тәкәне Һарун гонаһ ҡорбаны итеп тәҡдим итһен. Ә йәрәбә буйынса Ғазазелгә сыҡҡан тәкәне тере килеш Раббы хозурына килтерһен. Был кәзә тәкәһе халыҡтың гонаһтарын паклар өсөн сүлгә, Ғазазелгә ебәрелһен. Һарун үҙен һәм ғаиләһен гонаһтан паклау өсөн, үгеҙ башмаҡты һуйып, гонаһ ҡорбаны килтерһен. Башмаҡты салғандан һуң Раббы ҡаршыһындағы ҡорбан усағынан төтәҫләгескә ҡуҙ тултырһын, яҡшылап төйөлгән һумала-майҙарҙы ҡуш услап алһын һәм пәрҙә артына индерһен. Һарун һумала-майҙарҙы Раббы ҡаршыһында ҡуҙға һалһын һәм хуш еҫле төтөн болото Килешеү һандығының ҡапҡасын ҡаплар. Шул саҡта Һарун үлмәҫ. Бынан һуң Һарун башмаҡтың ҡанын алһын, бармағын уға манып, ҡапҡастың алдына һирпһен, шунан ҡапҡастың ҡаршыһында бармағы менән ете тапҡыр сәсрәтһен. Унан һуң, халыҡтың гонаһ ҡорбаны булараҡ, кәзә тәкәһен салһын. Уның ҡанын пәрҙә эсенә алып инһен. Тәкәнең ҡанын да, башмаҡтыҡы кеүек үк, ҡапҡастың өҫтөнә һәм алғы яғына һирпһен. Шул рәүешле Иң мөҡәддәс урынды Исраил халҡының нәжестәренән, енәйәттәренән – барлыҡ гонаһтарынан паклар. Улар араһында, уларҙың нәжеслеге араһында торған Осрашыу сатыры менән дә шулай эшләһен. Һарун гонаһтан паклау йолаһын башҡарыу өсөн Иң мөҡәддәс урынға ингәндән алып сыҡҡанға тиклем Осрашыу сатырында бер кем дә булмаһын. Үҙен, ғаиләһен һәм бөтә Исраил халҡын гонаһтарынан паклағандан һуң, Һарун Раббы хозурындағы ҡорбан усағы янына сығып, уны паклау йолаһын башҡарыр, башмаҡ менән кәзә тәкәһенең ҡанын алып, усаҡтың бөтә мөгөҙҙәренә һөртөр. Бармағын ҡанға манып ете тапҡыр ҡорбан усағының өҫтөнә һирпер. Шул рәүешле уны Исраил халҡының нәжеслегенән таҙартыр һәм изге ҡылыр. Һарун Иң мөҡәддәс урынды, Осрашыу сатырын, ҡорбан усағын паклау йолаһын башҡарғандан һуң, тере тәкәне килтерһен. Ике ҡулын тәкәнең башына ҡуйһын һәм Исраил халҡының бөтә ғәйептәрен, енәйәттәрен – барлыҡ гонаһтарын танып һөйләһен дә, шул гонаһтарҙы тәкәнең башына йөкмәһен. Шунан был эш өсөн тәғәйенләнгән берәй кеше оҙатыуында тәкәне сүлгә ебәрер. Тәкә уларҙың ғәйептәрен үҙенең өҫтөндә кешеһеҙ ерҙәргә алып китер. Оҙатып барған кеше тәкәне сүлгә ебәргәндән һуң, Һарун Осрашыу сатырына кереп, Иң мөҡәддәс урынға ингәндә кейгән етен кейемдәрен сисһен һәм уларҙы шул ерҙә ҡалдырһын. Изге урында йыуынып, көндәлек ҡаһин кейемдәрен кейһен. Шунан һуң сығып үҙенең һәм халыҡтың тотош яндырыу ҡорбандарын ғәмәл ҡылһын, шул рәүешле үҙе һәм халыҡ өсөн пакланыу йолаһын башҡарһын. Гонаһ ҡорбанының эс майын ҡорбан усағында яндырһын. Кәзә тәкәһен Ғазазелгә оҙатҡан кеше кейемен йыуып, үҙе йыуынғас, тупламға инә ала. Иң мөҡәддәс урынды паклау йолаһын башҡарыу өсөн ҡандары эскә индерелгән гонаһ ҡорбаны башмағы менән тәкәһе тупламдан ситкә сығарылһын. Улар тиреләре, ите, эсәк-ҡарындары менән бергә тотош яндырылһын. Уларҙы яндырған кеше кейемен һәм тәнен йыуырға тейеш, шунан һуң ул тупламға инә ала. Бына былар һеҙҙең өсөн мәңгелек ҡағиҙә: етенсе айҙың унынсы көнөндә бөтә нәмәнән дә тыйылығыҙ, ерле халыҡ та, арағыҙҙа төйәкләнгән килмешәктәр ҙә бер нәмә лә эшләмәгеҙ. Был көндө һеҙҙең өсөн паклау йолаһы башҡарыласаҡ һәм һеҙ бөтә гонаһтарығыҙҙан таҙарынырһығыҙ, Раббы ҡаршыһында таҙа булырһығыҙ. Был һеҙҙең өсөн шәмбе кеүек тулыһынса ял көнө. Үҙегеҙҙе бөтә нәмәнән дә тыйығыҙ. Был – мәңгелек ҡағиҙә. Пакландырыу йолаһын мәсехләнгән һәм атаһының урынына бағышланған ҡаһин башҡарыр. Ул етен кейемдәрен – изге кейемдәрҙе кейер һәм Иң мөҡәддәс урын, Осрашыу сатыры, ҡорбан усағы өсөн паклау йолаһын башҡарыр, шулай уҡ был йола менән ҡаһиндарҙы һәм барса халыҡты пакландырыр. Был һеҙҙең өсөн мәңгелек ҡағиҙә: Исраил халҡы бөтә гонаһтарынан арынһын өсөн, йылына бер тапҡыр пакландырыу йолаһы башҡарылһын. Раббы Мусаға нисек бойорған булһа, Һарун барыһын да шулай эшләне. Раббы Мусаға былай тине: – Һарунға, уның улдарына, бөтә Исраил халҡына Раббының бойороғон иғлан ит, әйт уларға: әгәр исраилдарҙан берәйһе тупламда йәки тупламдан ситтә үгеҙ, һарыҡ йәки кәзә салһа, һәм уны Раббының торлағына, Осрашыу сатыры ауыҙына, Раббыға ҡорбан итеп килтермәһә, был кеше ҡан ҡойоуҙа ғәйепле тип иҫәпләнә. Ул ҡан ҡойҙо һәм халҡы араһынан ҡыуылыр. Исраилдар әле ҡырҙа сала торған ҡорбандарын, Раббы хозурына Осрашыу сатыры ауыҙына, ҡаһинға килтерһен һәм Раббыға татыулыҡ ҡорбаны итеп тәҡдим итһен. Ҡаһин ҡорбандың ҡанын Осрашыу сатыры алдындағы ҡорбан усағына һирпер, ә майын Раббыға күркәм хуш еҫ өсөн яндырыр. Бынан ары Исраил халҡы кәзә тәкәһе ҡиәфәтендәге ендәргә ҡорбан килтермәһен, улар менән зина ҡылмаһын. Был – улар өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә. Уларға әйт: Исраил халҡынан йәки араларында йәшәгән килмешәктәрҙән берәйһе тотош яндырыу ҡорбаны йәки башҡа төр ҡорбан ҡылһа, әммә уны Раббыға ҡорбан иткәндәй Осрашыу сатыры алдында эшләмәһә, ул кеше халҡы араһынан ҡыуылыр. Әгәр ҙә Исраил халҡынан йәки араларында йәшәгән килмешәктәрҙән берәйһе ҡан ейһә, Мин был кешегә ҡаршы буласаҡмын һәм халҡы араһынан ҡыуасаҡмын. Сөнки һәр йән эйәһенә уның ҡаны йәшәү бирә. Шуға күрә Мин уны, йәнегеҙҙе пакландырыу өсөн, ҡорбан усағына килтерергә ҡуштым; йәшәү биргәнгә күрә, ҡан йәнде пакландыра. Бына шуның өсөн Исраил халҡына әйтәм: «Һеҙ үҙегеҙ ҙә, арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәр ҙә ҡан ашарға тейеш түгел». Әгәр ҙә Исраил халҡынан йәки арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәрҙән берәйһе һунарҙа һеҙгә ашарға мөмкин булған йәнлек йәки ҡош аулаһа, уның ҡанын ағыҙһын һәм тупраҡ менән ҡаплап ҡуйһын. Һәр йән эйәһенә уның ҡаны йәшәү бирә. Шуға күрә Мин Исраил халҡына: «Һис бер йән эйәһенең ҡанын еймәгеҙ», – тинем. Сөнки һәр йән эйәһенең йәне – ҡанында. Ҡан ейгән һәр кем халҡы араһынан ҡыуылыр. Үҙе үлгән йәки йыртҡыстан таланып үлгән йәнлекте ашаған һәр кем – ерле халыҡтанмы ул, килмешәкме – кейемен йыуһын, йыуынһын. Ул кискә тиклем нәжес булыр, шунан таҙа һаналыр. Әгәр ҙә кейемен йыумаһа һәм йыуынмаһа, ғәйебе өсөн яза аласаҡ. Раббы Мусаға былай тине: – Исраил халҡына иғлан ит, әйт уларға: Мин Аллағыҙ Раббымын. Быға тиклем йәшәгән Мысыр ерендәге һәм Мин алып китеп барған Ҡәнғән илендәге халыҡтарҙың ҡылыҡтарын отмағыҙ, уларҙың йолаларын тотмағыҙ. Минең ҡағиҙәләремде үтәгеҙ, күрһәтмәләремде тотоғоҙ, шулар буйынса йәшәгеҙ. Мин Аллағыҙ Раббымын. Минең күрһәтмәләремде һәм ҡағиҙәләремде тотоғоҙ. Улар үҙҙәрен үтәгәндәргә йәшәү бирә. Мин – Раббы. Бер кем дә үҙенең ҡан туғаны менән енси мөнәсәбәткә инер өсөн уға яҡынаймаһын. Мин – Раббымын. Әсәйең менән яҡынлыҡ ҡылып, атайыңды хурлыҡҡа төшөрмә. Әсәйең ул, уның менән яҡынлыҡ ҡылма. Атайыңды хурлыҡҡа төшөрөп, үгәй әсәйең менән яҡынлыҡ ҡылма. Ҡыҙ туғандарың – атайыңдың ҡыҙы менән дә, йәки әсәйеңдең ҡыҙы менән дә, һинең менән бер өйҙә тыуғанмы ул, ситтәме – улар менән яҡынлыҡ ҡылма. Үҙеңде хурлыҡҡа төшөрмә: улыңдың ҡыҙы йәки ҡыҙыңдың ҡыҙы менән яҡынлыҡ ҡылма. Атайыңдың башҡа ҡатынынан тыуған ҡыҙы менән яҡынлыҡ ҡылма; сөнки ул һинең туғаның. Атайыңдың ҡыҙ туғаны менән яҡынлыҡ ҡылма, ул – атайыңдың ҡан туғаны. Әсәйеңдең ҡыҙ туғаны менән яҡынлыҡ ҡылма, ул – әсәйеңдең ҡан туғаны. Атайыңдың бер туған ағаһын хурлыҡҡа ҡалдырып, уның ҡатыны менән яҡынлыҡ ҡылма, ул – һинең инәйең. Киленең менән яҡынлыҡ ҡылма, улыңдың ҡатыны ул, уның менән яҡынлыҡ ҡылма. Бер туған ағайың йәки энеңде хурлыҡҡа ҡалдырма: уның ҡатыны менән яҡынлыҡ ҡылма. Бер ҡатындың үҙе һәм ҡыҙы менән яҡынлыҡ ҡылма. Ҡатыныңдың улының йәки ҡыҙының ҡыҙына өйләнмә. Ул ҡатын менән бер ҡандан улар. Был – боҙоҡлоҡ. Ҡатының тере ваҡытта, уға көндәш булмаһын өсөн, уның ҡыҙ туғанына өйләнмә һәм уның менән яҡынлыҡ ҡылма. Күрем нәжеслеге ваҡытында ҡатының менән яҡынлыҡ ҡылма. Иптәшеңдең ҡатыны менән яҡынлыҡ ҡылып, үҙеңде нәжесләмә. Балаларыңдың береһен дә Мөләх илаһына ҡорбан итмә, бының менән Аллаңдың исемен хурлама. Мин – Раббы. Ир-ат менән ҡатын-ҡыҙ менән яҡынлыҡ ҡылған кеүек яҡынлыҡ ҡылма. Был – ерәнгес. Ниндәй ҙә булһа хайуан менән яҡынлыҡ ҡылып үҙеңде нәжесләмә. Ҡатын кеше лә яҡынлыҡ ҡылыр өсөн мал-тыуар алдына баҫмаһын. Был – ҡәбәхәтлек. Бындай эштәр менән үҙегеҙҙе нәжесләмәгеҙ. Сөнки алдығыҙҙан Мин ҡыуып ебәрәсәк ҡәүемдәр үҙҙәрен ошоларҙың барыһы менән дә нәжесләп, ерҙе лә бысраттылар. Шуға күрә Мин халыҡтың гонаһы өсөн ерҙе язаланым һәм ер үҙендә йәшәгәндәрҙе ҡоҫоп ташланы. Ә һеҙ, ерле халыҡ та, арағыҙҙа йәшәгән килмешәк тә, күрһәтмәләремде һәм ҡағиҙәләремде тотоғоҙ, бындай әшәкелектәрҙе ҡылмағыҙ, сөнки ошо әшәкелектәрҙе ул ерҙә һеҙгә тиклем йәшәгәндәр ҡылды һәм ер нәжесләнде. Әгәр ерҙе нәжесләһәгеҙ, ул, һеҙҙән алда йәшәгән ҡәүемдәр кеүек үк, һеҙҙе лә ҡоҫоп ырғытыр. Бындай әшәкелектәрҙе ҡылған һәр кем, быны эшләгән һәр кеше, халҡы араһынан ҡыуылыр. Бойороҡтарымды үтәгеҙ, һеҙгә тиклем йәшәгәндәрҙең әшәке йолаларын тотоп, үҙегеҙҙе бысратмағыҙ. Мин – Раббы, һеҙҙең Аллағыҙ. Раббы Мусаға былай тине: – Бөтә Исраил йәмғиәтенә иғлан ит, әйт уларға: изге булығыҙ, сөнки Мин Аллағыҙ Раббы изгемен. Һәр кем әсәһе менән атаһын хөрмәт итһен һәм Минең шәмбе көндәремде тотһон. Мин Аллағыҙ Раббымын. Боттарға табынмағыҙ, үҙегеҙгә ҡойолма илаһтар яһамағыҙ. Мин Аллағыҙ Раббымын. Раббыға татыулыҡ ҡорбаны килтерәһегеҙ икән, ҡабул ителерҙәйҙе килтерегеҙ. Ҡорбан итен салынған көнөндә йәки иртәгәһенә ашағыҙ. Өсөнсө көнгә артып ҡалғаны яндырылһын. Әгәр уны кем дә булһа өсөнсө көндө ашай икән, ул ҡорбан ҡабул булмаҫ, был – нәжес ит. Уны ашаған кеше ғәйебе өсөн яза алыр, сөнки ул Раббының изгеһен бысратты, шуға күрә халҡы араһынан ҡыуылыр. Иген баҫыуығыҙҙың уңышын йыйған ваҡытта ситенә тиклем урмағыҙ һәм ҡалған башаҡтарҙы сүпләмәгеҙ. Баҡсағыҙҙағы йөҙөмдө лә тотош йыймағыҙ, ҡойолғандарын алмағыҙ. Уларҙы фәҡирҙәргә һәм мосафирҙарға ҡалдырығыҙ. Мин Аллағыҙ Раббымын. Урлашмағыҙ, ялғанламағыҙ, бер-берегеҙҙе алдамағыҙ. Аллағыҙҙың исемен хурламаҫ өсөн, Минең исемем менән ялған ант итмәгеҙ. Мин – Раббы. Яҡыныңды рәнйетмә, уны талама. Ялсыңдың хеҙмәт хаҡын иртәнсәккә тиклем үҙеңдә ҡалдырма. Һаңғырауҙы ҡәһәрләмә, һуҡырҙың алдына абындырыр әйбер ҡуйма. Аллаңдан ҡурҡ. Мин – Раббы. Хөкөм сығарғанда хаҡһыҙлыҡ ҡылма: ярлыға өҫтөнлөк бирмә, байға ярарға тырышма, яҡыныңды ғәҙел хөкөм ит. Халҡың араһында ғәйбәт йөрөтмә. Яҡыныңдың ғүмеренә зыян килтермә. Мин – Раббы. Туғаныңа ҡарата күңелеңдә нәфрәт йөрөтмә. Яҡыныңдың гонаһтары өсөн яуап тотмаҫ өсөн, уны асыҡтан-асыҡ шелтәлә. Үҙ халҡыңдан булған бер кемдән дә үс алма, һис кемгә ҡарата кенә тотма. Яҡыныңды үҙеңде яратҡан һымаҡ ярат. Мин – Раббы. Минең күрһәтмәләремде тот. Төрлө тоҡомло малды тороҡторма, баҫыуыңа ике төрлө орлоҡ сәсмә, өҫтөңә ике төрлө ептән һуғылған кейем кеймә. Әгәр берәй ир икенсе кешенең ҡоло булған ҡатын менән яҡынлыҡ ҡылһа, ә ҡолиә йәрәшелгән булһа, әммә уның өсөн әлегә йолом түләнмәгән йәки ул азат ителмәгән булһа, ир кеше килтерелгән зыянды ҡаплаһын. Улар үлемгә тарттырылмаһын, сөнки ҡатын ирекле түгел. Ир кеше Раббы хозурына, Осрашыу сатыры ауыҙына ғәйеп ҡорбаны итеп һарыҡ тәкәһе килтерһен. Ҡаһин ғәйеп ҡорбаны булған тәкәне тәҡдим итеп, Раббы хозурында уны пакландырыу йолһын башҡарһын һәм ул кешенең гонаһы ярлыҡанһын. Ҡәнғән еренә килгәс, ниндәй ҙә булһа емеш ағасы ултыртһағыҙ, тәүге өс йылда уның емештәрен ашамағыҙ, өс йыл буйы емештәрҙе ашарға яраҡлы түгел тип һанағыҙ, уларҙы ашамағыҙ. Дүртенсе йылда ағастың бөтә емеше изге булыр, был – Раббыға шөкөр саҙаҡаһы. Бишенсе йылда иһә ул ағастың емешен ашай алаһығыҙ. Шулай эшләһәгеҙ, уңышығыҙ артҡандан арта барасаҡ. Мин Аллағыҙ Раббымын. Бер ниндәй итте лә ҡаны менән ашамағыҙ. Күрәҙәлек итмәгеҙ һәм сихыр менән булышмағыҙ. Сикә сәстәрегеҙҙе киҫмәгеҙ, һаҡалығыҙҙы тигеҙләп ҡырҡмағыҙ. Үлгән кеше иҫтәлегенә тәнегеҙгә бер ниндәй йәрәхәт тә һалмағыҙ, тирегеҙгә тамға яҙмағыҙ. Мин – Раббы. Ҡыҙыңды фәхешлек ҡылырға мәжбүр итеп, мәсхәрәгә ҡалдырма. Юҡһа илдә зинасылыҡ таралыр һәм ул боҙоҡлоҡ менән тулыр. Шәмбе көндәремде тотоғоҙ һәм Изге торлағымды хөрмәт итегеҙ. Мин – Раббы. Әруахтарҙың рухын саҡырыусыларға мөрәжәғәт итмәгеҙ, сихырсыларға йөрөмәгеҙ, уларға барып үҙегеҙҙе нәжесләмәгеҙ. Мин Аллағыҙ Раббымын. Сал сәсле өлкәндәр алдында урыныңдан тор, ҡарттарға хөрмәт күрһәт. Аллаңдан ҡурҡ. Мин – Раббы. Ерегеҙҙә килмешәк төйәкләнһә, уны йәберләмәгеҙ. Килмешәккә үҙегеҙҙең берегеҙ кеүек ҡарағыҙ. Уны үҙегеҙҙе яратҡан һымаҡ яратығыҙ, сөнки һеҙ ҙә Мысырҙа килмешәк булдығыҙ. Мин Аллағыҙ Раббымын. Хөкөмдә, оҙонлоҡ, ауырлыҡ һәм күләмде үлсәгәндә ғәҙел булығыҙ. Бизмәнегеҙ, герҙәрегеҙ, һәм башҡа үлсәүҙәрегеҙ дөрөҫ булһын. Һеҙҙе Мысырҙан алып сыҡҡан Мин Аллағыҙ Раббымын. Минең бөтә күрһәтмәләремде һәм ҡағиҙәләремде тотоғоҙ, уларҙы ғәмәл ҡылығыҙ. Мин – Раббы. Раббы Мусаға былай тине: – Исраил халҡына әйт: исраилдарҙан йәки арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәрҙән кем дә булһа балаһын Мөләх илаһына бирһә, ул мотлаҡ үлемгә дусар ителергә тейеш. Был илдә йәшәүселәр уны таш бәреп үлтерһен. Кем балаһын Мөләхкә биреп, Минең Изге торлағымды нәжесләй, изге исемемде хурлай, Мин уға ҡаршы буласаҡмын һәм халҡы араһынан алып ташлаясаҡмын. Әгәр ҙә халыҡ ул әҙәмдең балаһын Мөләхкә биреүенә күҙ йомһа, уны үлтермәһә, ул кешегә һәм зат-зәүеренә ҡаршы буласаҡмын, уны һәм уның артынан эйәреп Мөләх менән зина ҡылған һәр кемде халҡы араһынан алып ташлаясаҡмын. Кем әруахтарҙың рухын саҡырыусыларға, сихырсыларға бара һәм улар артынан эйәреп зина ҡыла, ул кешегә ҡаршы буласаҡмын һәм халҡы араһынан алып ташлаясаҡмын. Үҙегеҙҙе Миңә бағышлағыҙ, изге булығыҙ, сөнки Мин Аллағыҙ Раббымын. Күрһәтмәләремде тотоғоҙ, уларҙы үтәгеҙ, сөнки Мин, Раббы, һеҙҙе Үҙемә айырып алдым. Атаһы менән әсәһен хурлаған кеше үлтерелергә тейеш, сөнки ул атаһы менән әсәһен хурлаған, тимәк, үлемендә үҙе ғәйепле. Берәйһе ирле ҡатын, яҡынының ҡатыны менән зина ҡылһа, зинасылар икеһе лә үлтерелһен. Кем атаһының ҡатыны менән яҡынлыҡ ҡылһа, ул үҙенең атаһын хурлай: ул ир ҙә, ҡатын да үлтерелһен. Улар үлемдәрендә үҙҙәре ғәйепле. Кем килене менән ятҡан, икеһе лә үлтерелһен. Әшәкелек ҡылды улар. Үлемдәрендә үҙҙәре ғәйепле. Әгәр берәй ир, ҡатындар менән яҡынлыҡ ҡылған һымаҡ, башҡа бер ир менән яҡынлыҡ ҡылһа, икеһе лә әшәкелек ҡылған була һәм улар үлтерелер. Үлемдәрендә үҙҙәре ғәйепле. Кем дә кем берәй ҡатынға ла, уның әсәһенә лә өйләнһә, был – боҙоҡлоҡ. Арағыҙҙа боҙоҡлоҡ булмаһын өсөн ул да, ҡатындар ҙа утта яндырылһын. Мал-тыуар менән яҡынлыҡ ҡылған әҙәм мотлаҡ үлтерелһен, малды ла үлтерегеҙ. Әгәр ҙә берәй ҡатын мал-тыуар менән яҡынлыҡ ҡылһа, ҡатын да, мал да үлтерелһен. Улар мотлаҡ үлтерелергә тейеш. Үлемдәрендә үҙҙәре ғәйепле. Әгәр ҙә берәйһе үҙенең ҡыҙ туғанына, атаһының йәки әсәһенең ҡыҙына өйләнһә һәм уның оятын күрһә, ҡыҙ ҙа уның оятын күрһә, был – хурлыҡ. Улар халҡының күҙ алдында юҡ ителер. Ул ҡыҙ туғанын хурлыҡҡа ҡалдырған һәм язаһын алырға тейеш. Күреме ваҡытында берәй ҡатын менән ятҡан һәм яҡынлыҡ ҡылған әҙәм, ҡатындың күрем сығанағын асҡан, ә ҡатын уға күрем сығанағын күрһәткән – улар икеһе лә халҡы араһынан ҡыуылыр. Әсәйеңдең ҡыҙ туғанын һәм атайыңдың ҡыҙ туғанын хурлыҡҡа ҡалдырма, сөнки бындай кеше үҙен хурлай. Ундай ир ҙә, ҡатын да язаһын алһын. Инәһе менән ятҡан әҙәм олатаһын хурлай. Улар икеһе лә гонаһтарының язаһын күрер, балаһыҙ үлерҙәр. Бер туған ағай-энеһенең ҡатынын алған әҙәм ҡәбәхәтлек ҡылған булыр. Ул ағай-энеһен хур итә. Уларҙың балалары булмаҫ. Бөтә күрһәтмәләремде һәм ҡағиҙәләремде тотоғоҙ, уларҙы үтәгеҙ. Шул саҡта Мин һеҙҙе йәшәргә алып барған ер һеҙҙе кире ҡаҡмаҫ. Мин алдығыҙҙан ҡыуып ебәрәсәк халыҡтарҙың йолаларын тотмағыҙ, сөнки улар ошоларҙы ҡылды. Шуға күрә Мин уларға нәфрәтләндем. Ә һеҙгә әйттем: уларҙың ерҙәренә хужа булырһығыҙ; һөт һәм бал ағып ятҡан ул ерҙе һеҙгә биләмә итеп бирермен. Һеҙҙе башҡа халыҡтар араһынан һайлап алған Мин Аллағыҙ Раббымын. Йәнлектәрҙең хәләлен хәрәмдән, ҡоштарҙың хәләлен хәрәмдән айырығыҙ. Мин һеҙгә хәрәм тип билдәләгән хайуандар, ҡош-ҡорт һәм һөйрәлеүселәр менән үҙегеҙҙе бысратмағыҙ. Мин, Раббы, изгемен. Һеҙҙе Мин Үҙ халҡым булһын өсөн башҡа ҡәүемдәрҙән айырып алдым, шуға күрә һеҙ ҙә Минең өсөн изге булырға тейешһегеҙ. Әруахтарҙың рухын саҡырыусы, сихырсылыҡ менән булашыусы йәки күрәҙәлек итеүсе, ирме ул, ҡатынмы, мотлаҡ үлтерелергә тейеш. Таш бәреп үлтерелер улар, үлемдәре өсөн үҙҙәре ғәйепле. Раббы Мусаға былай тине: – Һарун улдары ҡаһиндарға иғлан ит, әйт уларға: туған-тыумасаһының мәйетенә ҡағылып, үҙҙәрен нәжесләмәһендәр. Бары тик иң яҡын туғаны: әсәһе менән атаһы, улы йәки ҡыҙы, ағаһы менән ҡустыһы, үҙенең янында йәшәүсе кейәүгә сыҡмаған ҡыҙ туғаны булһа, тик уларға ҡағылыуҙан ғына нәжесләнмәҫ. Ҡатынының туғандары өсөн ул үҙен нәжесләп хурларға тейеш түгел. Ҡаһин үҙенең сәсен алдырмаһын, һаҡалын ҡыҫҡартмаһын, тәнен йәрәхәтләп яра һалмаһын. Аллаһы өсөн изге булһын, Алланың исемен хурламаһын, сөнки Раббының ут ҡорбандарын, Аллаһының ризығын, улар тәҡдим итә, шуға күрә изге булырға тейештәр. Фәхишәгә һәм мәсхәрәләнгән ҡатынға, ире ташлаған ҡатынға өйләнмәһен, сөнки ҡаһин – Аллаһы өсөн изге. Уны изге тип белегеҙ, сөнки Аллағыҙға ризыҡты ул тәҡдим итә; ул һеҙҙең өсөн изге булһын, сөнки Мин, һеҙҙе изге итеп айырып алған Раббы, изгемен. Әгәр ҙә ҡаһиндың ҡыҙы фәхешлек итеп үҙен бысратһа, ул атаһын хурлыҡҡа ҡалдыра. Шуға күрә ул утта яндырылһын. Башҡа ҡаһиндар араһынан баш ҡаһин итеп бағышланып башына мәсех майы һөртөлгән, изге кейемдәр кейеп йөрөгән кеше ҡайғы билдәһе итеп сәсен туҙҙырмаһын, кейемен йыртҡыламаһын. Баш ҡаһин бары тик ғиффәтле ҡыҙға ғына өйләнһен. Ул тол йәки ире ташлаған ҡатынға, үҙен фәхешлек менән нәжесләгән ҡатынға өйләнмәһен, үҙ халҡынан саф ҡыҙ алһын. Ул үҙенең халҡы араһында балаларын хурлыҡҡа ҡалдырырға тейеш түгел. Уны изге ҡылыусы Раббы Мин. Раббы Мусаға былай тине: – Һарунға әйт: «Тоҡомоңдан зәғифлеге булған кеше Аллаһына ризыҡ тәҡдим итер өсөн һис ҡасан Уның хозурына яҡынламаһын. Тәнендә кәмселеге булған бер кеше лә: һуҡыр, аҡһаҡ, йөҙө зәғиф, бер аяғы йәки ҡулы оҙонораҡ булған, аяғы-ҡулы һынған, көмрө, кәрлә, күҙенә аҡ төшкән, ҡутырлы, тимерәүле, енес ағзаһы зәғифләнгән – Һарун ҡаһиндың тоҡомонан тәнендә кәмселеге булған бер кем дә Раббыға бағышланған ут ҡорбанын килтереү өсөн Уның хозурына яҡынламаһын. Уның тәнендә кәмселеге бар, шуға күрә Аллаһына ризыҡ һонор өсөн яҡынламаһын. Бындай кеше Алланың ризығы – Уға килтерелгән изгеләрҙән-изге һәм изге саҙаҡаларҙы ашай ала, әммә пәрҙәгә һәм ҡорбан усағына яҡынламаһын, сөнки кәмселеге бар. Ул Изге торлағымды хурламаһын, сөнки уларҙы изге иткән Раббы Мин». Муса быларҙы Һарун менән улдарына һәм бөтә Исраил халҡына иғлан итте. Раббы Мусаға былай тине: – Һарунға һәм улдарына әйт, Исраил халҡының Миңә бағышлаған изге ризыҡтары менән һаҡ булһындар, изге исемемде хурламаһындар. Мин – Раббы. Әйт уларға: быуындан-быуынға тоҡомоғоҙҙан берәйһе Исраил халҡының Раббыға бағышлаған изге әйберҙәренә нәжес килеш яҡынлаһа, уны хозурымдан алып ташлаясаҡмын. Мин – Раббы. Һарун тоҡомонан берәй кеше тире ауырыулы, йәки ағынтылы булһа, таҙарынғанға тиклем изге ризыҡты ашамаһын. Үләкһәгә тейгән өсөн нәжес һаналған берәй нәмәгә ҡағылған, мәнейе аҡҡан, кешене нәжесләй торған мыжғып йөрөгән йәнлектәрҙең береһенә йәки ниндәй ҙә булһа сәбәптән нәжес һаналған кешегә ҡағылһа, кискә тиклем нәжес һаналыр. Йыуынмай тороп изге ризыҡты ашамаһын. Әммә ҡояш байығандан һуң таҙа һаналыр, изге аҙыҡ ашай алыр, сөнки был – уның ризығы. Үҙе үлгән, йә йыртҡыстан таланып үлгәнде ашап, үҙен нәжесләмәһен. Мин – Раббы. Ҡаһиндар Минең күрһәтмәләремде теүәл үтәһендәр; юғиһә улар, күрһәтмәләремде хурлағандары өсөн гонаһҡа тарып, үлемгә дусар булырҙар. Уларҙы изге иткән Раббы Мин. Килтерелгән изге ризыҡты ҡаһиндың ғаиләһенән башҡа бер кеше лә ашарға тейеш түгел; ҡаһиндың ҡунағы ла, ялсыһы ла изге ризыҡты ашамаһын. Ләкин ҡаһиндың аҡса түләп һатып алған ҡоло йәки уның йортонда тыуғандар был ризыҡты ашай ала. Ҡаһиндың ҡыҙы ҡаһин булмаған кешегә кейәүгә сыҡһа, изге саҙаҡаларҙан ашамаһын. Әммә балаһыҙ килеш тол ҡалып йәки иренән айырылып атаһы йортона кире ҡайтҡан ҡаһин ҡыҙы үҫмер сағындағы һымаҡ атаһының ризығын ашар. Ә сит кешеләрҙән бер кем дә ашамаһын. Әгәр берәйһе яңылышлыҡ менән изге ризыҡты ашаған икән, ул кеше изге ризыҡтың хаҡын ҡаһинға ҡайтарып бирергә һәм шуның биштән бер өлөшөн өҫтәп түләргә тейеш. Ҡаһиндар Исраил халҡының Раббыға килтергән изге ризыҡтарын хурламаһындар. Рөхсәте булмаған кеше ул ризыҡты ашмаһын, юғиһә, ғәйепле булып язаға тарттырылыр. Сөнки ул ризыҡтарҙы изге иткән Раббы Мин. Раббы Мусаға былай тине: – Һарунға, улдарына һәм бөтә Исраил халҡына иғлан ит, әйт уларға: исраилдарҙанмы, араларында йәшәгән килмешәктәрҙәнме, берәйһе нәҙер әйтеп йәки нәфел буйынса Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны килтерә икән, ҡабул ителһен өсөн ҡорбаны кәмселекһеҙ үгеҙ башмаҡ, йә һарыҡ, йә кәзә тәкәһе булһын. Зәғиф мал килтермәгеҙ, сөнки бындай ҡорбан ҡабул ителмәйәсәк. Кем дә кем нәҙерен үтәп йәки нәфел буйынса Раббыға татыулыҡ ҡорбаны булараҡ эре йәки ваҡ мал килтерһә, ҡабул ҡылынһын өсөн, мал кәмселекһеҙ булырға тейеш. Бер ниндәй кәмселеге лә булмаһын. Һуҡыр, ғәрип, имгәнгән, яралы, ҡутырлы йәки тимрәүле булһа, ундайҙарҙы Раббыға алып килмәгеҙ; Раббыға бағышланған ут ҡорбаны булараҡ, ҡорбан усағына һалмағыҙ. Ағзалары иләмһеҙ оҙон йәки үтә ҡыҫҡа булған башмаҡты йәки һарыҡты нәфел ҡорбанына тәҡдим итергә мөмкин, нәҙерҙе үтәү өсөн булһа, ҡабул ителмәҫ. Күкәйе зыянланған, һытылған, өҙөлгән йәки киҫелгән малды Раббыға алып килмәгеҙ. Илегеҙҙә быны эшләргә юл ҡуймағыҙ. Бындайҙарҙы сит халыҡтарҙан алып ризыҡ саҙаҡаһы булараҡ Аллағыҙға тәҡдим итмәгеҙ, сөнки был хайуан зәғиф, уның кәмселеге бар, ул һеҙҙән ҡабул ителмәҫ. Раббы Мусаға былай тине: – Быҙау, һарыҡ йәки кәзә бәрәсе тыуһа, улар ете көн буйы инәһе янында ҡалһын. Һигеҙенсе көндән башлап уны Раббыға ут ҡорбаны итергә ярай. Әммә һыйырҙы быҙауы, кәзә-һарыҡты бәрәсе менән бер көндө салмағыҙ. Әгәр Раббыға шөкөр саҙаҡаһы килтерәһегеҙ икән, был ҡорбан Раббы тарафынан һеҙҙең хаҡҡа ҡабул ителерлек булһын. Итен шул көндө үк ашағыҙ, иртәнсәккә тиклем ҡалдырмағыҙ. Мин – Раббы. Бойороҡтарымды тотоғоҙ һәм уларҙы еренә еткереп үтәгеҙ. Мин – Раббы. Изге исемемде хурламағыҙ, Исраил халҡы Минең изгелегемде танырға тейеш. Мин – Раббы, һеҙҙе изге итеүсе. Аллағыҙ булыр өсөн Мин һеҙҙе Мысыр еренән алып сыҡтым. Мин – Раббы. Раббы Мусаға былай тине: – Исраилдарға Раббы тәғәйенләгән байрамдар тураһында иғлан ит: ул байрамдарҙа изге йыйындар саҡырылһын. Мин тәғәйенләгән байрамдар түбәндәгеләр: Алты көн эшләрһегеҙ, әммә етенсе көн – шәмбе, ял көнө, изге йыйын көнө. Бер ниндәй эш тә башҡармағыҙ. Йәшәгән һәр ерегеҙҙә Раббының шәмбе көнө был. Раббы тәғәйенләгән ваҡытта изге йыйын булараҡ иғлан ителәсәк байрамдар ошолар: Беренсе айҙың ун дүртенсе көнөндә, эңер төшкәс, Раббы хөрмәтенә Ҡотҡарылыу байрамы башланыр. Ошо уҡ айҙың ун бишенсе көнө – Раббының Сөсө икмәк байрамы. Ете көн буйы сөсө икмәк ашаясаҡһығыҙ. Тәүге көндө изге йыйын үткәрегеҙ, көндәлек эштәрегеҙҙе эшләмәгеҙ. Ете көн буйы Раббыға ут ҡорбандары килтерегеҙ. Етенсе көндә изге йыйын булһын, көндәлек эштәрегеҙҙе эшләмәгеҙ. Раббы Мусаға былай тине: – Исраил халҡына иғлан ит, әйт уларға: Мин һеҙгә бирәсәк ергә килгәс, унда ураҡ урғанда уңышығыҙҙың тәүге көлтәһен ҡаһинға килтерегеҙ. Шәмбе үткәс, икенсе көндө, ҡаһин көлтәне Раббы хозурында күтәреп һелкетһен һәм Раббы һеҙҙән ҡорбанды ҡабул ҡылыр. Көлтәне һелкеткән көндө тотош яндырыу ҡорбаны итеп Раббыға һарыҡтың бер йәшлек кәмселекһеҙ тәкә бәрәсен, бәрәс менән бергә икмәк саҙаҡаһы итеп эфаның ундан ике өлөшө күләмендә зәйтүн майына буталған иң яҡшы он килтерегеҙ. Был – ут ҡорбаны, Раббыға күркәм хуш еҫ. Шулай уҡ, түкмә ҡорбан булараҡ, бер һиндың дүрттән бер өлөшө күләмендә шарап алып килегеҙ. Яңы уңыштан Аллағыҙға ҡорбан килтергән көнгә тиклем, уның икмәген дә, ҡурмасын да, сей башаҡ та ауыҙ итмәгеҙ. Ҡайҙа ғына йәшәһәгеҙ ҙә, был һеҙҙең өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә булһын. Шәмбенең иртәгәһенән, йәғни һелкетмә ҡорбанға көлтә килтергән көндән башлап теүәл ете аҙна иҫәпләгеҙ. Ете шәмбе уҙғандан һуң, йәғни илленсе көндә, Раббыға йәнә икмәк саҙаҡаһы килтерегеҙ. Йәшәгән һәр ерегеҙҙән Раббыға һелкетмә ҡорбан итеп ике икмәк алып килегеҙ: улар бер эфа иң яҡшы бойҙай ононоң ундан ике өлөшөнән әсетеп бешерелһен. Был – Раббыға тәүге уңыш ҡорбаны. Икмәк менән бергә кәмселекһеҙ бер йәшлек ете бәрәс, бер үгеҙ башмаҡ, ике һарыҡ тәкәһе килтерегеҙ. Улар икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбан менән бергә Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны булыр. Был – ут ҡорбаны, Раббыға күркәм хуш еҫ. Шулай уҡ гонаһ ҡорбанына бер кәзә тәкәһе, татыулыҡ ҡорбаны булараҡ бер йәшлек ике бәрәс килтерегеҙ. Ҡаһин ике бәрәсте тәүге уңыш икмәге менән бергә Раббы хозурында күтәреп күрһәтһен. Раббы өсөн изге булған был ҡорбандар – ҡаһиндыҡы. Шул уҡ көндө изге йыйын иғлан итегеҙ һәм көндәлек эштәрегеҙҙе башҡармағыҙ. Ҡайҙа ғына йәшәһәгеҙ ҙә, был һеҙҙең өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә булһын. Иген баҫыуығыҙҙың уңышын йыйған ваҡытта, ситенә тиклем урып бөтөрмәгеҙ, ҡалған башаҡтарҙы сүпләмәгеҙ. Уларҙы фәҡирҙәргә һәм килмешәктәргә ҡалдырығыҙ. Мин – Раббы, һеҙҙең Аллағыҙ. Раббы Мусаға былай тине: – Исраил халҡына әйт: етенсе айҙың беренсе көнөндә һеҙҙең өсөн ял көнө, борғо тауыштары менән иғлан ителгән изге йыйын булһын. Көндәлек эштәрегеҙҙе башҡармағыҙ, Раббыға ут ҡорбаны килтерегеҙ. Раббы Мусаға былай тине: – Шул етенсе айҙың унынсы көнө – Гонаһтарҙан пакланыу көнө. Изге йыйын булыр ул һеҙҙең өсөн. Нәфсегеҙҙе тыйығыҙ, Раббыға ут ҡорбаны килтерегеҙ. Был көндө бер ниндәй эш тә башҡармағыҙ, сөнки был Пакланыу көнө, Аллағыҙ Раббы ҡаршыһында һеҙҙе пакландырыу көнө. Был көндө нәфсеһен тыймаған һәр кем халҡы араһынан ҡыуылыр. Был көндө ниндәй ҙә булһа эш менән шөғөлләнгән кешене халҡы араһынан юҡ итермен. Бер ниндәй эш тә башҡармағыҙ. Ҡайҙа ғына йәшәһәгеҙ ҙә, был һеҙҙең өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә булһын. Ул һеҙҙең өсөн махсус ял көнө, нәфсегеҙҙе тыйырға тейешһегеҙ, айҙың туғыҙынсы көнөндә, бер кистән икенсе кискә тиклем, шәмбе көндө билдәләгеҙ. Раббы Мусаға былай тине: – Исраил халҡына әйт: шул етенсе айҙың ун бишенсе көнөнән башлап ете көн буйы Раббыға бағышланған Ҡыуыш байрамы үткәрегеҙ. Тәүге көндә изге йыйын булыр. Көндәлек эштәрегеҙҙе башҡармағыҙ. Ете көн буйы Раббыға ут ҡорбаны килтерегеҙ. Һигеҙенсе көндө һеҙҙең өсөн изге йыйын булһын һәм Раббыға ут ҡорбаны килтерегеҙ. Был – изге йыйын, көндәлек эштәрегеҙҙе эшләмәгеҙ. Раббы тарафынан тәғәйенләнгән байрамдар ошо. Байрамдарҙа изге йыйындар саҡырып, Раббыға, һәр береһен үҙенең тәғәйен көнөндә, ут ҡорбаны, тотош яндырыу ҡорбаны, икмәк саҙаҡаһы, салыу ҡорбаны, түкмә ҡорбан килтерегеҙ. Былар барыһы ла Раббының шәмбеләренән, Раббыға биргән бөтә саҙаҡаларығыҙҙан, нәҙер итеп әйтелгән һәм нәфел ҡорбандарығыҙҙан тыш була. Етенсе айҙың ун бишенсе көнөндә, ерегеҙҙән уңыш йыйған саҡта, Раббы өсөн ете көн буйы байрам яһағыҙ. Беренсе һәм һигеҙенсе көн ял булыр. Тәүге көндө иң матур ағастарҙың ботаҡтарын, хөрмә япраҡтарын, йылға талының һәм суҡ япраҡлы ағастарҙың ботаҡтарын алығыҙ ҙа ете көн буйы Аллағыҙ Раббының хозурында күңел асығыҙ. Йыл һайын ете көн буйы Раббы хөрмәтенә байрам итәсәкһегеҙ. Был һеҙгә – быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә. Уны етенсе айҙа байрам итегеҙ. Ете көн ҡыуыштарҙа йәшәгеҙ. Ерле исраилдарҙан һәр кем ҡыуышта йәшәһен. Шул сағында килер быуындарығыҙ Мысыр еренән алып сыҡҡан ваҡытта Исраил халҡын ҡыуыштарҙа йәшәткәнемде белер. Мин – Раббы, һеҙҙең Аллағыҙ. Муса Исраил халҡына Раббы тәғәйенләгән байрамдарҙы иғлан итте. Раббы Мусаға былай тине: – Исраил халҡына бойороҡ бир: шәмдәл өҫтөндә гелән майшәм янып торһон өсөн, ҡул менән һығылған таҙа зәйтүн майы килтерһендәр. Һарун майшәмдәрҙең Раббы хозурында, Осрашыу сатырында Килешеү һандығының пәрҙәһе тышында кистән алып иртәнсәккә тиклем һәр ваҡыт яныуын хәстәрләһен. Был һеҙҙең өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә булһын. Пак шәмдәлдәге майшәмдәр Раббы ҡаршыһында һәр саҡ янып торорға тейеш. Иң яҡшы ондан ун ике икмәк бешер. Һәр икмәккә эфаның ундан ике өлөшө күләмендә он тотонолһон. Уларҙы Раббы хозурына алтышарҙан ике рәт итеп пак өҫтәлгә теҙеп һал. Икмәк саҙаҡаларының өҫтөнә таҙа ладан ҡуй. Икмәктәр өҫтөндәге ладан Раббы өсөн ут ҡорбаны, икмәк урынына яндырыла торған иҫтәлек өлөшө булһын. Был икмәк Исраил халҡынан, мәңгелек килешеүҙе үтәү өсөн, Раббы хозурына һәр шәмбе һайын һалынырға тейеш. Ул Һарун менән улдарына булыр. Уны изге урында ашаһындар, сөнки улар Раббыға бағышланған ут ҡорбандарының изгеләрҙән-изгеһе, Һарун улдарының мәңгелек өлөшө. һәм Раббының ихтыяры билдәле булғанға тиклем һаҡ аҫтына ултырттылар. Раббы Мусаға әйтте: – Ҡарғаған бәндәне тупламдан ситкә сығар. Уны ишеткән һәр кем ҡулын был әҙәмдең башына ҡуйһын һәм бар йәмғиәт уны таш бәреп үлтерһен. Исраил халҡына белдер: кем Аллаһын ҡарғай, гонаһы өсөн яза аласаҡ. Раббы исемен хурлаусы мотлаҡ үлтерелһен. Килмешәкме, ерле халыҡтанмы, бөтә йәмғиәт тарафынан таш бәреп үлтерелһен. Кеше үлтергән әҙәм мотлаҡ үлемгә дусар ителһен. Берәй кеше икенсе берәүҙең малын үлтерә икән, килтерелгән зыян өсөн үҙенең малын бирергә тейеш: йән өсөн – йән. Берәүҙе имгәткән кешенең үҙе менән дә шулай уҡ эшләргә кәрәк: һөйәккә – һөйәк, күҙгә – күҙ, тешкә – теш, кешегә ниндәй зыян килтергән, үҙенә лә шулай булһын. Мал үлтергән әҙәм зыянды мал биреп ҡаплар, ә кеше үлтергән өсөн үҙе үлемгә дусар ителһен. Килмешәккә лә, ерле халыҡҡа ла хөкөмөгөҙ бер булһын, сөнки Мин Аллағыҙ Раббымын. Муса был һүҙҙәрҙе Исраил халҡына иғлан иткәндән һуң, исраилдар Раббыны ҡарғаған бәндәне тупламдан ситкә алып сығып таш бәреп үлтерҙе. Шулай итеп, улар Раббының Мусаға биргән бойороғон еренә еткереп үтәне. Раббы Синай тауында Мусаға былай тине: – Исраил халҡына иғлан ит, әйт уларға: Мин һеҙгә бирәсәк ергә килгәндән һуң, һәр етенсе йыл һайын ерҙе Раббы хөрмәтенә ял иттерегеҙ. Алты йыл баҫыуыңа сәс, алты йыл баҡсаңда йөҙөм ҡыуаҡтарын ҡыҫҡарт һәм уңышыңды йыйып ал. Әммә етенсе йылда ер шәмбе көнөндәге кеүек тулыһынса ял итһен. Был йыл Раббыға бағышланған: баҫыуыңа сәсмә, йөҙөм ҡыуаҡтарыңды ҡыҫҡартма. Бураҙнаңда үҙе үҫеп сыҡҡанды урма, ҡыҫҡартылмаған йөҙөмөңдө йыйма. Был ер өсөн ял итеү йылы булыр. Был шәмбе йылында ерҙә нимә үҫеп сыға, шул һеҙгә ашарға ризыҡ булыр; үҙеңә лә, ҡолоңа ла, ҡолиәңә лә, ялсыңа ла, арағыҙҙа йәшәгән килмешәккә лә, мал-тыуарыңа ла, ереңдәге кейек-януарҙарға ла аҙыҡ булыр. Ете йыл һайын ҡабатланған Шәмбе йылдарының ете тапҡыр үткәнен һанағыҙ – йәмғеһе ҡырҡ туғыҙ йыл булыр. Шунан етенсе айҙа, айҙың унынсы көнөндә, йәғни Гонаһтарҙан пакланыу көнөндә, бөтә илегеҙҙә мөгөҙ борғолар ҡысҡыртығыҙ. Илленсе йылды изге итегеҙ һәм илегеҙҙә йәшәүселәрҙең бөтәһенә лә азатлыҡ бирегеҙ. Был һеҙҙең өсөн Яңырыу йылы булһын. Һәр кем үҙ биләмәһенә, үҙ нәҫеленә ҡайтһын. Илленсе йыл һеҙҙең өсөн Яңырыу йылы буласаҡ. Ул йылды сәсмәгеҙ, урмағыҙ, ерҙә үҙе үҫеп сыҡҡанды, йөҙөмдөң ҡыҫҡартылмаған ботаҡтарындағы тәлгәштәрҙе йыйып алмағыҙ. Сөнки был – Яңырыу йылы, һеҙҙең өсөн изге булһын. Баҫыуҙа үҙе үҫеп сыҡҡанды ғына ашағыҙ. Яңырыу йылында һәр кем үҙ биләмәһенә ҡайтыр. Әгәр үҙегеҙҙең халыҡтан берәйһенә ер һатһағыҙ йәки үҙегеҙ һатып алһағыҙ, бер-берегеҙгә ҡарата ғәҙел булығыҙ. Ерҙе һатып алғанда, Яңырыу йылынан һуң нисә йыл үткәнен һана. Баҫыуын һиңә һатҡан кеше Яңырыу йылына тиклем нисә йыл буйы был баҫыуҙан уңыш алып буласағын иҫәпләһен. Ҡалған йылдар һаны күберәк булған һайын, хаҡ юғарыраҡ, аҙыраҡ булған һайын – түбәнерәк, сөнки ул һиңә йыллыҡ уңышты һата. Бер-берегеҙгә ҡарата ғәҙел булығыҙ. Аллаңдан ҡурҡ, сөнки Аллағыҙ Раббы – Мин. Күрһәтмәләремде үтәгеҙ, ҡағиҙәләремде тотоғоҙ һәм ғәмәлгә ашырығыҙ, шул саҡта был ерҙә имен йәшәрһегеҙ. Ер емештәрен бирер, ә һеҙ туйғансы ашарһығыҙ, имен ғүмер итерһегеҙ. Әгәр: «Сәсмәгән һәм урмаған етенсе йылда нимә ашарбыҙ?» – тип һораһағыҙ, алтынсы йылда һеҙгә Үҙемдең бәрәкәтемде күндерермен һәм ер һеҙгә өс йылға етерлек уңыш бирер. Һигеҙенсе йылда сәсерһегеҙ, әммә элекке уңышығыҙҙы туғыҙынсы йылға тиклем ашарһығыҙ. Яңы уңыш өлгөргәнгә тиклем элеккеһе менән ризыҡланырһығыҙ. Ерегеҙ бөтөнләйгә һатылмаһын, сөнки ул Минеке. Һеҙ – бары тик килмешәк һәм Минең ҡунағымһығыҙ. Биләгән бөтә ерҙәрегеҙҙә ырыу биләмәләрен кире һатып алыу хоҡуғын һаҡларға тейешһегеҙ. Әгәр ҙә ҡәрҙәшең фәҡирләнһә һәм биләмәһен һатһа, иң яҡын туғаны түләп, ул биләмәне кире ҡайтарып алһын. Әгәр йолом түләп алырҙай туғаны булмаһа, хәлләнгәс, үҙе түләрлек аҡса йыйһа, ерен һатҡандан һуң үткән йылдарҙы хисаплар һәм, ҡалған өлөштө ерен һатып алған кешегә түләп, биләмәһен ҡабат алыр. Әгәр йолоп алырға мөмкинлеге булмаһа, ере һатып алған кешелә Яңырыу йылына тиклем ҡалыр. Яңырыу йылында биләмәһе йәнә үҙенә кире ҡайтыр. Әгәр ҙә берәйһе диуар менән уратылған ҡалала йортон һатһа, һатҡанына бер йыл тулғанға тиклем уны йолом түләп алырға хоҡуғы бар. Бер йыл дауамында ҡабат һатып алып була уны. Әгәр бер йыл эсендә өйөн кире һатып алмаһа, диуар менән уратылған ҡалалағы йорт бөтөнләйгә уны һатып алыусының һәм уның нәҫелдәренең мөлкәтенә әйләнер. Ул Яңырыу йылында ҡабат ҡайтарылмаҫ. Ә диуар менән уратылмаған төйәктәрҙәге йорт баҫыу менән тиң һанала. Һатҡан кешенең уны йолом түләп алыу хоҡуғы булһын һәм Яңырыу йылында өй кире ҡайтарылһын. Ләкин левиҙәр үҙҙәренә тәғәйенләнгән ҡалаларҙа өйҙәрен һәр ваҡыт кире һатып алыу хоҡуғына эйә. Әгәр ҙә берәйһе левиҙән өй һатып алһа, левиҙәр ҡалаһындағы был йорт Яңырыу йылында яңынан уларға күсәсәк. Сөнки леви ҡалаларындағы өйҙәр – уларҙың Исраил халҡы араһындағы мөлкәте. Әммә левиҙәрҙең ҡалалары янындағы көтөүлектәр һатылырға тейеш түгел, сөнки улар – левиҙәрҙең мәңгелек милке. Әгәр ҙә халҡыңдан берәйһе ярлыланып, үҙен-үҙе тәьмин итә алмаһа, уға ярҙам ит. Ул һеҙҙең арағыҙҙа ситтән килгән кеше йәки килмешәк кеүек йәшәһен. Уға үтескә биргән аҡсаңдан һәм аҙыҡ-түлектән риба алма. Аллаңдан ҡурҡ. Ҡәрҙәшең ана шулай арағыҙҙа йәшәһен. Уға көтәсәккә биргән аҡсаңдан риба алма, уға биргән ризығыңдан килем өмөт итмә. Мин Аллағыҙ Раббымын. Мин Ҡәнғән ерен бирер өсөн һәм Аллағыҙ булыр өсөн һеҙҙе Мысырҙан алып сыҡтым. Әгәр ҙә берәй ҡәрҙәшең ярлыланһа һәм һиңә ҡоллоҡҡа һатылһа, уны ҡол кеүек эшләргә мәжбүр итмә. Ул ялсы йәки килмешәк кеүек булһын. Яңырыу йылына тиклем һиндә эшләһен, унан һуң балаларын алып һинән китә ала. Ул үҙ нәҫеленә, ата-бабалары биләмәһенә ҡайтһын. Сөнки исраилдар – Минең Мысырҙан алып сыҡҡан ҡолдарым, шуға күрә улар ҡол һымаҡ һатылмаясаҡ. Был кешеләргә аяуһыҙ хужа булма. Аллаңдан ҡурҡ. Ҡолдарың, ҡолиәләрең әйләнә-тирәңдә йәшәгән ҡәүемдәрҙән булһын. Уларҙан үҙегеҙгә ҡол һатып ала алаһың. Шулай уҡ арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәрҙән һәм һеҙҙең ерҙә йәшәгән саҡта уларҙың ғаиләһендә тыуған балаларҙан үҙегеҙгә ҡол һатып алырға мөмкин. Улар һеҙҙең мөлкәтегеҙ булыр. Үҙегеҙҙән һуң уларҙы балаларығыҙға мираҫ итеп ҡалдыра алаһығыҙ. Улар һеҙгә ғүмер буйы хеҙмәт итһен, ә ҡәрҙәштәрегеҙ – исраилдарға – аяуһыҙ хакимлыҡ ҡылмағыҙ. Әгәр ҙә килмешәк йәки арағыҙҙа йәшәгән берәйһе байып китһә, ә ҡәрҙәшең ярлыланып, килмешәккә, арағыҙҙа йәшәүсегә йәки уның ырыуҙашына һатылһа, йолом хаҡын түләп уны һатып алырға мөмкин. Туғандарынан берәйһе уны кире һатып ала ала; ата-әсәһенең бер туған ағай-энеһе, йәки башҡа ҡан туғаны йолом түләп азат итә ала. Хәлләнһә, ул үҙен үҙе азат итһен. Был кеше үҙе һатылған йылдан башлап Яңырыу йылына тиклем ҡалған йылдарҙы һанап, хужаһы менән иҫәп-хисап яһаһын. Иреккә сығыу хаҡы шул йылдар һанына ҡарап иҫәпләнһен, ул хаҡ ялланып эшләүсенең эш хаҡы кеүек хисапланһын. Әгәр ҙә ҡалған йылдарҙың һаны күп ҡалһа, был кеше үҙенең иреккә сығыуы өсөн хаҡты, шул йылдар һанына ярашлы, күберәк түләргә тейеш. Ә инде Яңырыу йылына саҡлы бер нисә генә йыл ҡалһа, йолом хаҡын ошо йылдар һанына ярашлы иҫәпләһен һәм түләһен. Хужа өсөн ул бер йылға ялланған эшсе һымаҡ булырға тейеш. Килмешәк хужаһы һинең алда уға рәхимһеҙ хакимлыҡ итмәһен. Әгәр ҙә һатылған ҡәрҙәшегеҙ шул рәүешле иреккә сығыу хаҡын түләп йолоп алынмаһа, балалары менән бергә Яңырыу йылында азат булыр, сөнки Исраил халҡы – Минең ҡолдарым. Мысыр еренән алып сыҡҡан ҡолдарым улар Минең. Мин Аллағыҙ Раббымын. Үҙегеҙгә боттар һәм һындар яһамағыҙ, табыныу бағаналары торғоҙмағыҙ, биҙәкле таштар ҡуймағыҙ, сөнки Мин Аллағыҙ Раббымын. Шәмбе көндәремде тотоғоҙ һәм Изге торлағымды хөрмәт итегеҙ. Мин – Раббы. Күрһәтмәләрем буйынса йәшәһәгеҙ, бойороҡтарымды еренә еткереп үтәһәгеҙ, ямғырҙарҙы ваҡытында яуҙырырмын, ер уңыш, ҡырҙағы ағастар емеш бирер. Йөҙөм йыйыр саҡҡа тиклем ашлыҡ һуғырһығыҙ, сәсеүгә төшкәнсе баҡсағыҙҙа йөҙөм йыйырһығыҙ. Икмәгегеҙҙе туя ашап, ерегеҙҙә имен йәшәрһегеҙ. Илегеҙгә тыныслыҡ ебәрермен, йоҡларға ятһағыҙ, бер нәмә лә ҡурҡытмаҫ. Ерегеҙҙән яуыз хайуандарҙы ҡыуырмын, илегеҙҙән ҡылыс үтмәҫ. Дошмандарығыҙҙы ҡыуаларһығыҙ, улар ҡылыстан алдығыҙға йығылыр. Бишәүегеҙ йөҙҙө, йөҙөгөҙ ун меңде ҡыуыр. Дошмандарығыҙ ҡылысығыҙҙан ҡырылыр. Һеҙҙе ҡурсалармын, үрсетермен, ишәйтермен, һеҙҙең менән килешеүемде теүәл һаҡлармын. Былтырғы уңышығыҙҙы ашарһығыҙ, яңы уңыш һалыр өсөн иҫкеһен сығарып ташларһығыҙ. Торлағымды арағыҙҙа ҡорормон, күңелем һеҙҙән ҡайтмаҫ. Арағыҙҙа булырмын, Мин һеҙҙең Аллағыҙ, ә һеҙ Минең халҡым булырһығыҙ. Һеҙҙе ҡол булмаһындар тип Мысырҙан алып сыҡҡан һәм ҡалыбығыҙҙы ватып башығыҙҙы юғары сөйҙөргән Мин Аллағыҙ Раббымын. Әммә Мине тыңламаһағыҙ, ошо ҡанундарымды еренә еткереп үтәмәһәгеҙ, күрһәтмәләремде кире ҡаҡһағыҙ, ҡағиҙәләремде инҡар итһәгеҙ һәм килешеүҙе боҙоп, бойороҡтарымды тыңламаһағыҙ, Мин һеҙгә дәһшәт ебәрермен: ҡаты ауырыуҙар күндерермен, биҙгәк тотор, әрнеүҙән күҙҙәрегеҙҙең нуры ҡайтыр, йәнегеҙ ғазапланыр. Орлоғоғоҙҙо бушҡа ғына сәсерһегеҙ, сөнки уңышын барыбер дошмандарығыҙ ашар. Һеҙгә ҡаршы булырмын, һеҙ дошмандарығыҙҙан еңелерһегеҙ. Дошмандарығыҙ һеҙгә хаким булыр; һеҙҙе баҫтырыусы булмағанда ла ҡасырһығыҙ. Ошоларҙан һуң да Мине тыңламаһағыҙ, гонаһтарығыҙ өсөн язаны ете тапҡыр арттырасаҡмын. Тиҫкәре тәкәбберлегегеҙҙе һындырырмын, күгегеҙ тимер, ерегеҙ баҡыр һымаҡ булыр. Көсөгөҙ юҡҡа исрафланыр, тупрағығыҙ уңыш, ерегеҙҙәге ағастар емеш бирмәҫ. Быларҙан һуң да тиҫкәреләнеүегеҙҙе дауам итһәгеҙ, Мине тыңламаһағыҙ, гонаһтарығыҙ өсөн язаны ете тапҡыр арттырырмын. Һеҙгә ҡырағай хайуандар ебәрермен. Улар балаларығыҙҙы үлтерер, малығыҙҙы ҡырыр. Шул арҡала һанығыҙ кәмеп, юлдарығыҙ бушап ҡалыр. Ошонан һуң да киҫәмәһәгеҙ, Миңә ҡаршы барыуығыҙҙы дауам итһәгеҙ, Мин Үҙем һеҙгә ҡаршы булырмын һәм гонаһтарығыҙ өсөн ете тапҡыр нығыраҡ язалармын. Үҙ-ара килешеүҙе боҙғанға күрә, үс алыр өсөн һеҙгә нәфрәт ҡылысы ебәрермен. Ҡалаларығыҙға йәшенһәгеҙ, арағыҙға үләт һалырмын. Дошман ҡулына төшөрһөгөҙ. Һеҙҙе туйындырған ризыҡты юҡ итермен. Икмәгегеҙҙе ун ҡатын бер мейестә бешереп, үлсәп бирер – ашарһығыҙ, әммә туя алмаҫһығыҙ. Ошоларҙың бөтәһенән һуң да тыңламайынса, Миңә ҡаршы барһағыҙ, Мин дә асыуланып, һеҙгә ҡаршы сығырмын, гонаһтарығыҙ өсөн ете тапҡыр нығыраҡ язалармын. Аслыҡтан улдарығыҙҙы, ҡыҙҙарығыҙҙы ашарһығыҙ. Сит илаһтарға табыныу ҡалҡыулыҡтарығыҙҙы, хуш еҫ төтәтә торған ҡорбан усаҡтарығыҙҙы туҙҙырырмын, мәйеттәрегеҙҙе боттарығыҙҙың емереклектәренә ырғытырмын, күңелемдә һеҙгә нәфрәт һаҡлармын. Ҡалаларығыҙҙы хараба итермен, табыныу урындарығыҙҙы бушлыҡҡа әйләндерермен, Миңә хуш еҫ өсөн килтергән ҡорбандарығыҙҙы ҡабул итмәм. Ерегеҙҙе шул тиклем емереклеккә әүерелдерермен, хатта унда төйәкләнгән дошмандарығыҙ ҙа шаҡ ҡатыр. Һеҙҙе халыҡтар араһына таратырмын һәм артығыҙҙан яланғас ҡылыс ебәрермен. Ерегеҙ бушап ҡалыр, ҡалаларығыҙ харабаға әйләнер. Һеҙ дошмандарығыҙ ерендә йәшәгәндә, ер ялһыҙ ҡалған йылдары өсөн шәмбе йылдарына кинәнеп ял итер. Һеҙ бында йәшәгәндә ял итмәгән шәмбе йылдары өсөн рәхәтләнәсәк ул. Дошман ерендә иҫән ҡалғандарығыҙҙың йөрәгенә шом һалырмын. Улар һелкенгән япраҡ тауышынан да өркөп, ҡылыстан ҡурҡҡандай ҡасырҙар, бер кем баҫтырмағанда ла йығылырҙар. Һис кем ҡыуаламағанда ла, ҡылыс йөҙөнә һөрлөккәндәй, бер-береһенә абынып йығылырҙар. Дошмандарығыҙға ҡаршы торорлоҡ көсөгөҙ булмаҫ. Ят халыҡтар араһында һәләк булырһығыҙ, һеҙҙе дошмандарығыҙҙың ере йотор. Ә инде тере ҡалғандарығыҙ булһа, дошман ерендә үҙҙәренең ғәйептәре өсөн дә, ата-бабаларының ғәйептәре өсөн дә сереп ҡалыр. Шул саҡта үҙҙәренең ғәйептәрен, ата-бабаларының енәйәттәрен танырҙар, Миңә хыянаттарын, тиҫкәрелектәрен, шуның өсөн Минең уларға ҡаршы тороуымды һәм дошмандары еренә ҡыуғанымды төшөнөрҙәр. Әгәр шул саҡ сөннәтләнмәгән йөрәктәре күндәмләнеп, гонаһтарының әжерен алһалар, шул саҡта Мин дә, Яҡуп менән, Исхаҡ һәм Ибраһим менән төҙөшкән килешеүемде һәм уларға вәғәҙә иткән был ерҙе иҫемә төшөрөрмөн. Ә улар тарафынан ташлап ҡалдырылған ер буш ятҡан саҡта үҙенең элек булмаған шәмбе йылдары өсөн ял итеп рәхәтләнер. Улар иһә ҡағиҙәләремде һанға һуҡмаған, күңелдәре күрһәтмәләремде инҡар иткәндең әжерен алырҙар. Әммә шулай булыуға ҡарамаҫтан, дошман ерендә уларҙы тулыһынса юҡ итмәҫ һәм төҙөшкән килешеүемде боҙмаҫ өсөн, уларға ерәнеп ҡарамам һәм уларҙан бөтөнләйгә ваз кисмәм, сөнки Мин уларҙың Аллаһы Раббымын. Улар хаҡына башҡа ҡәүемдәрҙең күҙ алдында Аллалары булыр өсөн Мысыр еренән алып сыҡҡан ата-бабалары менән төҙөгән килешеүемде иҫкә төшөрөрмөн. Мин – Раббы. Раббы Синай тауында Муса аша Үҙе менән Исраил халҡы араһына ҡуйған ҡағиҙәләр, күрһәтмәләр һәм ҡанундар ошо. Раббы Мусаға былай тине: – Исраил халҡына иғлан ит, әйт уларға: әгәр ҙә берәйегеҙ Раббыға кем дә булһа берәүҙе бағышлайым, тип нәҙер әйтһә, уны билдәле хаҡҡа йолоп алырға була: егерменән алтмыш йәшкә тиклемге ир-егет өсөн илле шекел көмөш, изге шекел менән; ә ҡатын-ҡыҙ өсөн утыҙ шекел булыр. Биш йәштән егерме йәшкә тиклемге ир заты өсөн – егерме, ҡатын-ҡыҙ өсөн ун шекел тейеш. Бер айлыҡтан алып биш йәшкә тиклемге ир балаға – биш, ҡыҙ балаға өс шекел түләнер. Әгәр алтмыш йәки унан да өлкәнерәк йәштә булһалар, ирҙәр өсөн – ун биш, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн – ун шекел. Әгәр ҙә нәҙер әйткән кеше ярлы булып, билдәләнгән хаҡты түләргә хәленән килмәһә, уны ҡаһин алдына баҫтырһындар. Ҡаһин уға мөмкинлегенә күрә хаҡ тәғәйенләр. Әгәр берәү Раббыға ҡорбан итергә яраҡлы малды Уға бағышларға нәҙер итә икән, был мал изге һанала, йәғни Раббыға бағышлана. Уны алмаштырырға, яҡшы урынына насар, насар урынына яҡшы мал бирергә ярамай. Әгәр ҙә берәйһе ундай малды икенсе малға алмаштырһа, уларҙың икеһе лә изге һаналыр. Әгәр ҙә ҡорбанға ярамаған хәрәм мал килтерелһә, ул малды ҡаһин ҡаршыһына ҡуйһындар. Ҡаһин уның сифатына ҡараһын һәм уның яҡшымы, насармы икәнен баһалап, хаҡын билдәләһен; ҡаһин нисек билдәләһә, хаҡ шулай булыр. Әгәр хужаһы малды йолоп алырға теләһә, ҡаһин билдәләгән хаҡҡа уның биштән бер өлөшөн өҫтәһен. Әгәр ҙә берәйһе Раббыға үҙенең йортон бағышлаһа, ҡаһин уның сифатын баһалап хаҡ ҡуйыр. Ҡаһин нисек баһалаһа, хаҡ шулай булыр. Бағышлаған кеше йортон йолом түләп алырға теләһә, ҡуйылған хаҡҡа уның биштән бер өлөшөн өҫтәп түләр ҙә – йорт уныҡы булыр. Әгәр ҙә берәйһе үҙ биләмәһенән Раббыға баҫыу бағышлаһа, хаҡты унда күпме орлоҡ сәселеүгә ҡарап билдәлә: бер хомер арпа сәселһә, илле шекел көмөш тейеш. Әгәр ул кеше үҙенең баҫыуын Яңырыу йылынан алып бағышлаһа, ерҙең тулы хаҡынан сығып эш итһен. Әгәр ҙә баҫыу Яңырыу йылынан һуң бағышланһа, ҡаһин хаҡты ҡалған йылдар һанына ҡарап иҫәпләр һәм тәғәйенләнгән хаҡты кәметер. Баҫыуын бағышлаған кеше уны йолоп алырға теләһә, ҡуйылған хаҡҡа уның биштән бер өлөшөн өҫтәп түләр, шул саҡта баҫыуы үҙенеке булыр. Әгәр йолоп алмаһа, баҫыу башҡа кешегә һатылһа, уны башҡаса йолоп алып булмай. Ул баҫыу Яңырыу йылында хужаһына ҡайтарылмайынса, мәңгегә Раббыға инселәнгән изге баҫыу булып һаналыр һәм ҡаһиндың мөлкәтенә әүерелер. Әгәр ҙә берәйһе Раббыға үҙ биләмәһен түгел, һатып алған баҫыуын бағышлаһа, ҡаһин, Яңырыу йылына тиклем ҡалған йылдар һанына ҡарап, уның хаҡын билдәләр. Кеше был хаҡты шул көндө үк түләргә тейеш, сөнки ул Раббы өсөн изге. Ә Яңырыу йылында баҫыу ырыу биләмәһе булғанға күрә, уны ҡасандыр һатҡан кешегә кире ҡайтарылһын. Бөтә хаҡ изге шекел буйынса билдәләнергә тейеш. Был шекел егерме гераға бәрәбәр. Беренсе булып тыуған малды Раббыға бағышларға ярамай, сөнки ул былай ҙа Раббыныҡы. Эре малмы ул, ваҡ малмы – улар барыһы ла Раббыныҡы. Әммә тәүге мал хәрәм һаналған малдарҙан булһа, кеше билдәләнгән хаҡҡа биштән бер өлөшөн өҫтәп, малды йолом түләп алыр. Әгәр йолоп алынмаһа, ул мал билдәләнгән хаҡ буйынса башҡа берәүгә һатылһын. Кешенең үҙ мөлкәтенән Раббыға бағышланған һис бер нәмә – кешеме, мал-тыуармы, ырыу биләмәһеме – һатылмаясаҡ һәм йолоп алынмаясаҡ. Ә Раббыға инселәнгән һәр нәмә изгеләрҙән-изге. Харам ҡылынған кешене йолом түләп алып булмай, ул мотлаҡ үлемгә дусар ителергә тейеш. Ерҙән алынған барлыҡ уңыштың һәм ағастарҙан йыйып алынған емештең ундан бер өлөшө – Раббыныҡы, ул Раббының изге өлөшө. Әгәр ҙә берәй кеше үҙенең шул унынсы өлөшөн йолом түләп алырға теләһә, хаҡына биштән бер өлөштө өҫтәһен. Һыйыр малының, ваҡ малдың унынсы өлөшө, көтөүсе таяғы аҫтынан үткән һәр унынсы мал – Раббының изге өлөшө. Хужаһы малды яҡшы һәм насарға айырмаһын, береһен икенсеһенә алыштырмаһын. Алыштырһа, ул малдарҙың икеһе лә изге һаналыр, уларҙы йолом түләп алып булмаясаҡ. Раббы Синай тауында Исраил халҡына Муса аша биргән бойороҡтар ошоларҙан ғибәрәт. Исраилдарҙың Мысырҙан сығыуының икенсе йылында, икенсе айҙың беренсе көнөндә Синай сүлендә, Осрашыу сатырында Раббы Мусаға былай тине: Һәр ырыуҙан нәҫел башлығы булған берәр кешене ярҙамға алығыҙ. Бына һеҙгә ярҙам итәһе кешеләрҙең исемдәре: Рәүвәндән – Шедеур улы Әлисур; Шимғондан – Суришаддай улы Шелумиил; Йәһүҙәнән – Ғамминадав улы Нахшон; Исасхарҙан – Суғар улы Неҫанил; Зевулундан – Хелон улы Әлиав; Йософ нәҫеленән: Әфраим ырыуынан – Ғаммиһуд улы Әлишамағ; Менашше ырыуынан – Педаһсур улы Гамлиил; Бинйәминдән – Ғидғони улы Авидан; Дандан – Ғаммишаддай улы Ахиғәзер; Ашерҙан – Ғохран улы Пағиил; Ғадтан – Деғуил улы Әлъясаф; Нафталиҙан – Ғенан улы Ахирағ. Былар – йәмғиәттең атаҡлы ирҙәре, ырыу башлыҡтары, Исраилдың хәрби төркөмдәре етәкселәре. Муса менән Һарун, исемләп аталған был кешеләрҙе алып, Муса, Һарун һәм Исраилдың ун ике башлығы – һәр ырыуҙан бер вәкил – исемлеккә теркәгән ирҙәрҙең һаны шулай булды. Йорт-ғаиләләре буйынса иҫәпкә алынған, йәше егерменән уҙған, һуғышҡа яраҡлы Исраил ирҙәренең һаны алты йөҙ өс мең биш йөҙ илле булды. Әммә улар араһында ата-бабаларының ырыуы буйынса левиҙәр, уларҙың ғаиләләре иҫәпкә алынманы, сөнки Раббы Мусаға былай тигәйне: – Леви ырыуын һанама, уларҙы исраилдар менән бер иҫәпкә индермә. Левиҙәр ҡарамағына Килешеү сатырын, уның бар кәрәк-ярағын, уға ҡағылышлы бөтә нәмәне тапшыр. Улар сатыр менән уның бөтә мөлкәтен күсереп йөрөтһөн, уны хәстәрләһен; үҙ сатырҙарын Килешеү сатыры тирәләй ҡорһон. Сатырҙы бер урындан икенсе урынға күсергәндә, уны левиҙәр һүтһен; сатырҙы ҡорорға кәрәк булғанда, уны левиҙәр ҡорһон. Әгәр ҙә сатырға левиҙәрҙән башҡа берәйһе яҡынлашһа, үлемгә дусар ителһен. Исраилдар үҙ сатырҙарын һәр ҡайһыһы үҙ төркөмөндә, үҙ байрағы аҫтында ҡорһон. Исраил йәмғиәтенә Раббының асыуы төшмәһен өсөн, левиҙәр үҙҙәренең сатырҙарын Килешеү сатыры тирәләй ҡорһон, һәр саҡ Килешеү сатыры өсөн яуаплы булһын. Раббы Мусаға нисек бойорған булһа, исраилдар тап шулай эшләне. Артабан Раббы Муса менән Һарунға былай тине: – Исраилдар сатырҙарын үҙҙәренең байрағы һәм нәҫел тамғаһы аҫтында Осрашыу сатыры тирәләй бер ни тиклем алыҫлыҡта ҡорһон. Йәһүҙә тупламы үҙенең байрағы аҫтында төркөм-төркөм булып Изге сатырҙан көнсығышта урынлашһын. Йәһүҙәләрҙең башлығы Ғамминадав улы Нахшон булһын. Уның ғәскәрендә иҫәпкә ингәндәрҙең һаны – етмеш дүрт мең алты йөҙ кеше. Улар янында Исасхар ырыуы туплам ҡорһон. Исасхарҙарҙың башлығы Суғар улы Неҫанил булһын. Уның ғәскәрендә иҫәпкә алынғандарҙың һаны – илле дүрт мең дүрт йөҙ кеше. Шунан Зевулун ырыуы урынлашһын. Уларҙың башлығы Хелон улы Әлиав булһын. Уның ғәскәрендә иҫәпкә алынғандарҙың һаны – илле ете мең дүрт йөҙ кеше. Йәһүҙә тупламына беркетелгән төркөмдәргә йәмғеһе йөҙ ҙә һикһән алты мең дүрт йөҙ кеше инә. Юлға улар беренсе булып ҡуҙғала. Рәүвән тупламы үҙенең байрағы аҫтында төркөм-төркөм булып Изге сатырҙан көньяҡта урынлашһын. Уларҙың башлығы Шедеур улы Әлисур булһын. Уның ғәскәрендә иҫәпкә алынғандарҙың һаны – ҡырҡ алты мең биш йөҙ кеше. Рәүвәндәр эргәһенә Шимғон ырыуы туплам ҡорһон. Уның башлығы Суришаддай улы Шелумиил булһын. Уның ғәскәрендә иҫәпкә алынғандарҙың һаны – илле туғыҙ мең өс йөҙ кеше. Артабан – Ғад ырыуы. Ғадтарҙың башлығы Деғуил улы Әлъясаф булһын. Уның ғәскәрендә иҫәпкә алынғандарҙың һаны – ҡырҡ биш мең алты йөҙ илле кеше. Рәүвән тупламына беркетелгән төркөмдәргә йәмғеһе йөҙ ҙә илле бер мең дүрт йөҙ илле кеше инә. Юлға улар икенсе булып ҡуҙғала. Юлға сыҡҡанда Осрашыу сатыры менән Леви ырыуы башҡа ырыуҙарҙың уртаһында булһын. Тупламда нисек урынлашҡан булһалар, юлда ла һәр ҡайһыһы үҙ урынында, үҙ байрағы аҫтында барһын. Әфраим тупламы үҙенең байрағы аҫтында төркөм-төркөм булып Изге сатырҙан көнбайышта урынлашһын. Әфраимдарҙың башлығы Ғаммиһуд улы Әлишамағ булһын. Уның ғәскәрендә иҫәпкә алынғандарҙың һаны – ҡырҡ мең биш йөҙ кеше. Әфраимдар эргәһенә Менашше ырыуы туплам ҡорһон. Уның башлығы Педаһсур улы Гамлиил булһын. Уның ғәскәрендә иҫәпкә алынғандарҙың һаны – утыҙ ике мең ике йөҙ кеше. Артабан – Бинйәмин ырыуы. Бинйәминдәрҙең башлығы Ғидғони улы Авидан булһын. Уның ғәскәрендә иҫәпкә алынғандарҙың һаны – утыҙ биш мең дүрт йөҙ кеше. Әфраим тупламына беркетелгән төркөмдәргә йәмғеһе йөҙ ҙә һигеҙ мең бер йөҙ кеше инә. Юлға улар өсөнсө булып ҡуҙғала. Дан тупламы үҙенең байрағы аҫтында төркөм-төркөм булып Изге сатырҙан төньяҡта урынлашһын. Уларҙың башлығы Ғаммишаддай улы Ахиғәзер булһын. Уның ғәскәрендә иҫәпкә алынғандарҙың һаны – алтмыш ике мең ете йөҙ кеше. Дандар эргәһенә Ашер ырыуы туплам ҡорһон. Уның башлығы – Ғохран улы Пағиил булһын. Уның ғәскәрендә иҫәпкә алынғандарҙың һаны – ҡырҡ бер мең биш йөҙ кеше. Артабан – Нафтали ырыуы. Нафталиҙарҙың башлығы Ғенан улы Ахирағ булһын. Уның ғәскәрендә иҫәпкә алынғандарҙың һаны – илле өс мең дүрт йөҙ кеше. Дан тупламына беркетелгән төркөмдәргә йәмғеһе йөҙ ҙә илле ете мең алты йөҙ кеше инә. Юлға улар иң һуңғы булып ҡуҙғала. Шулай итеп, исраилдарҙы ғаиләләре буйынса иҫәпкә алыу һөҙөмтәһе: тупламдағы ғәскәрҙәрҙә йәмғеһе алты йөҙ өс мең биш йөҙ илле кеше булды. Ә левиҙәр, Раббының Мусаға биргән бойороғона ярашлы, Исраил ырыуҙары менән бер иҫәпкә индерелмәне. Исраилдар, Раббы Мусаға нисек бойорған булһа, шулай эшләне: улар үҙ байраҡтары аҫтында туплам булып торҙо һәм һәр ҡайһыһы үҙ нәҫел-нәсәбенә ярашлы үҙ ғаиләһе менән юлға сыҡты. Раббы Синай тауында Муса менән һөйләшкән дәүерҙәрҙә, Һарун менән Мусаның нәҫелендә түбәндәгеләр ине. Һарундың улдары: Надав – баш бала, Авиһу, Әлғазар, Иҫамар. Былар – Һарундың ҡаһинлыҡҡа бағышлап мәсехләнгән, йәғни май һөртөлгән улдары. Әммә Надав менән Авиһу Синай сүлендә Раббы ҡаршыһына Ул рөхсәт итмәгән утты килтергән өсөн үлгәйне. Уларҙың балалары юҡ ине. Әлғазар менән Иҫамар аталары Һарун эргәһендә ҡаһин булып ҡалды. Раббы Мусаға былай тине: – Леви ырыуын килтер ҙә Һарун ҡаһин алдына баҫтыр – уға ярҙам итһендәр. Һарун һәм бөтә йәмғиәт өсөн хеҙмәт итеп, левиҙәр Осрашыу сатырында бөтә эштәрҙе башҡарһын. Улар бөтә Исраил халҡы өсөн Осрашыу сатырында хеҙмәт итеп, ундағы бар әйберҙәргә яуаплы булһындар һәм барлыҡ эштәрҙе башҡарһындар. Левиҙәрҙе Һарун менән уның улдары ҡарамағына бир – улар бөтә исраилдар араһынан тулыһынса Һарундың ҡул аҫтында булһын. Һарун менән улдарын ҡаһин итеп тәғәйенлә, улар ҡаһинлыҡ вазифаһын еренә еткереп үтәһен. Әгәр ҙә Изге сатырға левиҙәрҙән башҡа берәйһе яҡынлашһа, үлемгә дусар ителер. Раббы Мусаға тағы былай тине: – Мин һәр Исраил ҡатынынан донъяға килгән тәүге ир бала урынына исраилдар араһынан левиҙәрҙе Үҙемә алдым. Улар – Минеке, сөнки бөтә беренсе булып тыуғандар – Минеке. Мысыр ерендәге баш балаларҙы юҡ иткән сағымда, Исраилда кешенән алып мал-тыуарғаса барлыҡ беренсе булып тыуғандарҙы Үҙемә айырып алдым. Улар Минеке буласаҡ. Мин – Раббы. Раббы Синай сүлендә Мусаға былай тине: – Левиҙәрҙе ғаиләләре, нәҫелдәре буйынса һанап сыҡ. Бер айлыҡтан алып бөтә ир затын иҫәпкә ал. Муса Раббы бойороғон үтәне, нисек ҡушылһа, шулай һананы. Леви улдарының исемдәре – Гершон, Ҡыһаҫ, Мерари. Гершон улдары: Ливни, Шимғи һәм уларҙың нәҫелдәре. Ҡыһаҫ улдары: Ғамрам, Исһар, Хеврон, Ғуззиил һәм уларҙың нәҫелдәре. Мерари улдары: Махли, Муши һәм уларҙың нәҫелдәре. Ғаиләләре буйынса Леви нәҫелдәре бына шулар. Гершондан Ливни менән Шимғи нәҫелдәре таралды. Был – Гершон нәҫеле. Гершон нәҫелендә бер айлыҡтан алып һаналған бөтә ир заттарының һаны ете мең биш йөҙ булды. Гершон нәҫеле сатырҙарын Изге сатыр артында көнбайышҡа табан ҡорорға тейеш. Гершон нәҫеленең башлығы Лаил улы Әлъясаф булды. Ҡыһаҫтан Ғамрам, Исһар, Хеврон һәм Ғуззиил нәҫелдәре таралды. Былар – Ҡыһаҫ нәҫеле. Ҡыһаҫ нәҫелендә бер айлыҡтан алып һаналған ир заттарының һаны һигеҙ мең алты йөҙ булды. Улар Изге урын өсөн яуаплы ине. Ҡыһаҫ нәҫеле Изге сатырҙан көньяҡта урынлашырға тейеш ине. Ҡыһаҫ нәҫелдәренең башлығы – Ғуззиил улы Әлисафан. Килешеү һандығы, өҫтәл, шәмдәл, ҡорбан усаҡтары, ғибәҙәт хеҙмәтендә тотонола торған изге һауыт-һаба, пәрҙә, барлыҡ кәрәк-яраҡ һәм уларға ҡағылышлы барлыҡ хеҙмәт улар яуаплылығына тапшырыла. Һарун ҡаһиндың улы Әлғазар левиҙәрҙең башлыҡтары өҫтөнән етәксе булыр. Изге урын өсөн яуаплы кешеләр уның күҙәтеүе аҫтында торор. Мерариҙан Махли менән Муши нәҫелдәре таралды, улар – Мерари нәҫеле. Мерари нәҫелендә бер айлыҡтан алып һаналған бөтә ир заттарының һаны алты мең ике йөҙ сыҡты. Мерари нәҫелдәренең башлығы Авихаил улы Суриил булды. Улар Изге сатырҙан төньяҡта урынлашырға тейеш ине. Муса, Һарун һәм уның улдары Осрашыу сатыры алдына, унан көнсығышҡа ҡарай, урынлашһын. Уларға исраилдар исеменән Изге урындағы хеҙмәт өсөн яуаплылыҡ йөкмәтелә. Изге урынға ситтәрҙән берәйһе яҡынлашһа, ул үлемгә дусар ителергә тейеш. Муса менән Һарун, Раббы бойорғанса, нәҫелдәре буйынса левиҙәрҙе һанап сыҡты, улар араһында бер айлыҡтан алып бөтә ир заттарының һаны егерме ике мең булды. Раббы Мусаға былай тине: – Исраилдарҙың бер айлыҡтан алып ир затынан булған бөтә баш балаларын һана ла исемлек төҙө. Исраилдарҙың бөтә беренсе булып тыуған улдары урынына – левиҙәрҙе, ә исраилдарҙың беренсе булып тыуған мал-тыуары урынына левиҙәрҙең мал-тыуарын Миңә айырып ал. Мин – Раббы. Раббы нисек бойорған булһа, Муса шулай эшләне: исраилдарҙың бөтә беренсе булып тыуған улдарын һанап сыҡты, бер айлыҡтан алып ир затынан булған бөтә баш балалар һаны егерме ике мең ике йөҙ етмеш өс булды. Раббы Мусаға былай тине: – Исраил улдарының бөтә баш балалары урынына – левиҙәрҙе, уларҙың малы урынына левиҙәрҙең малын ал. Левиҙәр Минеке буласаҡ. Мин – Раббы. Исраилдарҙың беренсе булып тыуған ир балаларының һаны левиҙәр һанынан ике йөҙ етмеш өскә артыҡ. Ошо балалар урынына һәр йән башына изге шекелгә күрә бишәр шекел көмөш ал. Бер шекелдә егерме гера иҫәпләнә. Был көмөштө левиҙәрҙең һанынан артҡандар өсөн йолом итеп Һарун менән уның улдарына бир. Муса левиҙәр менән алмаштырылғандар һанынан артҡан кешеләр өсөн йолом көмөшө алды. Исраилдарҙың беренсе булып тыуған ир балаларынан изге шекелгә күрә бөтәһе бер мең өс йөҙ алтмыш биш шекел йыйылды. Раббы бойороғо буйынса Муса йолом көмөшөн Һарун менән уның улдарына бирҙе. Раббы Муса менән Һарунға былай тине: – Левиҙәр араһынан Ҡыһаҫ тоҡомоноң утыҙ йәштән илле йәшкә тиклемге эшкә яраҡлыларын нәҫелдәре, ғаиләләре буйынса һанап сыҡ, улар Осрашыу сатырында хеҙмәт итер. Ҡыһаҫ тоҡомоноң Осрашыу сатырындағы хеҙмәте иң изге әйберҙәрҙе хәстәрләүҙән ғибәрәт булыр. Тупламдан юлға ҡуҙғалырға кәрәк булһа, Һарун менән уның улдары, сатырға инеп, Килешеү һандығы алдындағы пәрҙәне алыр ҙа һандыҡты ҡаплар. Йәнә йоҡа итеп эшкәртелгән күн япма ябырҙар, өҫтөнә тағы ла зәңгәр йәймә ҡапларҙар һәм күтәреп йөрөтә торған ҡолғаларҙы дүңгәләктәргә кейҙереп ҡуйырҙар. Изге икмәк өҫтәленә зәңгәр йәймә ябырҙар һәм уға тәрилкәләр, төтәҫләгес һауыттар, түкмә ҡорбандар өсөн ҡомғандар һәм кәсәләр ҡуйырҙар, унда даими килтерелә торған икмәк тә торорға тейеш. Шунан уларға ҡып-ҡыҙыл йәймә ябырҙар, йоҡа итеп эшкәртелгән күн япма ҡапларҙар һәм ҡолғаларҙы урындарына ҡуйырҙар. Зәңгәр йәймә менән шәмдәл һәм майшәмдәрҙе, ҡыҫҡыс һәм һоҫҡоларҙы, май һауыттарын ҡаплаһындар. Шунан бының өҫтөнән йәнә йоҡа итеп эшкәртелгән күн япма ябып артмаҡҡа тейәрҙәр. Алтын ҡорбан усағына ла зәңгәр йәймә, өҫтөнән йоҡа итеп эшкәртелгән күн япма ябырҙар, ҡолғаларын урындарына ҡуйырҙар. Изге сатырҙа ғибәҙәт хеҙмәтендә ҡулланыла торған бөтә кәрәк-яраҡты зәңгәр йәймәгә төрөрҙәр, йоҡа итеп эшкәртелгән күн япма менән ябырҙар һәм быларҙы ла артмаҡҡа һалырҙар. Ҡорбан усағын көл-ҡоромдан таҙартып, ҡарағусҡыл ҡыҙыл йәймә менән көпләрҙәр. Өҫтөнә усаҡта ҡорбан килтергәндә ҡулланылған бөтә һауыт-һабаны – һоҫҡоларҙы, сәнскеләрҙе, көрәктәрҙе, ҡан һирпеү сеүәтәләрен һалып, йоҡа итеп эшкәртелгән күн япма менән ҡапларҙар һәм ҡолғаларын урынына ҡуйырҙар. Тупламдан юлға ҡуҙғалырға кәрәк булғанда, Һарун менән уның улдары Изге сатырҙы һәм уның бөтә кәрәк-ярағын ҡаплап бөткәс, уны күтәреп алып китер өсөн Ҡыһаҫ улдары килер; тик улар мөҡәддәс әйберҙәргә ҡағылмаһын, юҡһа үлерҙәр. Осрашыу сатырының был әйберҙәрен Ҡыһаҫ нәҫеле йөрөтөргә тейеш. Майшәмдәре өсөн зәйтүн майы менән хуш еҫле матдәләр, көндәлек икмәк саҙаҡаһы менән мәсех майы – бөтә Изге сатыр һәм дә унда булған бөтә нәмә – изге әйберҙәр һәм барлыҡ кәрәк-яраҡ өсөн Һарун улы Әлғазар ҡаһин яуаплы булыр. Муса менән Һарунға Раббы былай тине: – Леви ырыуына ҡараған Ҡыһаҫ нәҫеленең юҡҡа сығыуына юл ҡуя күрмәгеҙ, иң изге әйберҙәргә яҡынлашҡанда һәләк булып ҡуймаһындар өсөн бына нимә эшләгеҙ: Һарун менән улдары үҙҙәре эскә инеп, уларҙың һәммәһенә башҡараһы хеҙмәтен һәм күтәрергә тейешле әйберҙәрҙе тәғәйенләһен. Әммә Ҡыһаҫ улдары үҙҙәре инеп изге нәмәләргә яҡын килмәһен, хатта күҙ һирпеп тә ҡарамаһын, юҡһа харап ителерҙәр. Артабан Раббы Мусаға былай тине: Хеҙмәтте үтәгәндә һәм йөктәрҙе ташып йөрөткәндә Гершон нәҫеленең вазифалары түбәндәгеләр булыр: улар сатырҙың шаршауҙарын, Осрашыу сатырын, уның япмаһын, өҫкө йоҡа итеп эшкәртелгән күн япманы, сатырға инә торған урындағы ҡорманы, ихата шаршауҙарын, сатыр менән ҡорбан усағын уратып алған ихатаға инә торған урындағы ҡорманы, бауҙарҙы, хеҙмәт өсөн бөтә кәрәк-яраҡты йөрөтөргә; шуларға бәйле бөтә эштәрҙе башҡарырға тейеш. Гершон улдарының бөтә хеҙмәте – йөк ташыумы, башҡа эштәрме – Һарун менән уның улдары күрһәтмәһе буйынса башҡарылһын. Һеҙ уларға был йөктө тапшыраһығыҙ һәм улар уның өсөн яуап бирә. Гершон нәҫеленең Осрашыу сатырындағы хеҙмәте шуларҙан ғибәрәт булыр; улар вазифаларын Һарун улы Иҫамар ҡаһин күҙәтеүе аҫтында башҡарыр. Уларҙың Осрашыу сатырындағы хеҙмәте түбәндәгеләрҙән ғибәрәт булыр: сатырҙың рамдарын, һайғауҙарын, бағаналарын, төптәрен, ихатаның бөтә яғындағы бағаналары менән төптәрен, ҡаҙыҡтарын, бауҙарын, хеҙмәт өсөн башҡа бөтә кәрәк-ярағын улар күтәреп йөрөтөр. Һәр ҡайһыһы нимә күтәрергә тейешлеген исемләп белһен. Мерари нәҫеленең Осрашыу сатырындағы вазифалары ошолар булып, уларҙы Һарун улы Иҫамар ҡаһин күҙәтеүе аҫтында башҡарырҙар. Ҡыһаҫ нәҫеленән бөтәһе ике мең ете йөҙ илле кеше ошо иҫәпкә инде. Раббы Муса аша биргән күрһәтмә буйынса Муса менән Һарун һанаған һәм Осрашыу сатырындағы хеҙмәткә тәғәйенләнгәндәрҙең һаны шулай булды. Нәҫелдәре һәм ғаиләләре буйынса уларҙың һаны ике мең алты йөҙ утыҙ булды: Гершон нәҫеленән Раббы ҡушыуы буйынса Муса менән Һарун Осрашыу сатыры хеҙмәтенә индергәндәрҙең һаны был. Нәҫелдәре буйынса улар бөтәһе өс мең ике йөҙ булды. Мерари нәҫеленән иҫәпкә алынған кешеләрҙең дөйөм һаны шулай ине. Уларҙы Раббы ҡушыуы буйынса Муса менән Һарун һананы. Шулай итеп, Муса, Һарун һәм дә Исраил башлыҡтары левиҙәрҙе нәҫелдәре һәм ғаиләләре буйынса утыҙҙан алып илле йәшкә тиклемгеләре араһынан Осрашыу сатырында хеҙмәт итергә, уны күтәреп йөрөтөргә яраҡлыларын һанап сыҡты; ундайҙар бөтәһе һигеҙ мең биш йөҙ һикһән булды. Муса уларҙы Раббы бойороғо буйынса иҫәпләне; һәр ҡайһыһына эш һәм күтәрергә йөк билдәләнде. Раббы Мусаға нисек ҡушһа, бөтәһе лә шулай эшләнде. Раббы Мусаға былай тине: – Исраилдарға әйт, йоғошло сир менән ауырығандарҙың, ағынтыһы булғандарҙың һәммәһен, мәйеткә ҡағылып нәжесләнгәндәрҙең барсаһын тупламдан сығарып ебәрһендәр. Тупламды нәжесләмәһендәр өсөн ундайҙарҙы – ирҙәрҙе лә, ҡатындарҙы ла – тупламдан ситкә ҡыуығыҙ, сөнки унда, исраилдар араһында, Мин йәшәйем. Исраилдар шулай итте, ундайҙарҙы тупламдарынан сығарып ебәрҙе. Раббы Мусаға нисек ҡушһа, исраилдар шулай эшләне. Раббы Мусаға былай тине: – Исраилдарға еткер: әгәр берәй ир йәки ҡатын башҡа берәй кешегә ҡарата гонаһ ҡылып, ошоноң менән Раббы ҡаршыһында енәйәт эшләһә, ғәйепле була. Ул ҡылған гонаһын таныһын; килтергән зыяны өсөн шул кешегә йолом түләһен һәм шуға йолом хаҡының тағы ла биштән бер өлөшөн өҫтәһен. Зыян күргән кеше мәрхүм булып, уға түләнә торған йоломдо алырлыҡ яҡын туғаны булмаһа, ул саҡта йолом аҡсаһы Раббыға бағышланһын. Был йолом, ғәйепле кешене пакландырыу өсөн килтерелгән һарыҡ тәкәһе менән бергә, ҡаһинға бирелһен. Исраилдарҙың ҡаһинға килтергән бөтә изге саҙаҡалары – ҡаһиндыҡы, кемдең дә булһа берәйһенең уға тип бағышлағаны ла – уныҡы. Ҡаһинға кем нимә бирһә, шул уныҡы һанала. Раббы Мусаға былай тине: – Исраилдарға шуны белдер: әгәр берәй ҡатын, иренә хыянат ҡылып, уға тоғролоғон боҙһа, икенсе ир уның менән яҡынлыҡ ҡылып, был хаҡта ире белмәһә, ҡатын, йәшертен генә ошолай нәжесләнеп тә, шаһит булмағанлыҡтан тотолмаһа, әммә нәжесләнгән ҡатындың ирендә көнсөллөк уянһа, йәки көнсөл ир тоғро ҡатынынан шикләнә башлаһа, ул ҡатынын ҡаһин янына килтерһен. Ҡатыны өсөн ҡорбанға бер эфа арпа ононоң ундан бер өлөшөн алып килһен, тик онға зәйтүн майы ҡоймаһын, ладан һалмаһын, сөнки был – көнсөллөк өсөн икмәк саҙаҡаһы, ғәйепте хәтерләтеп тороусы иҫтәлек саҙаҡаһы. Ҡаһин ҡатынды Раббы алдына килтерһен, балсыҡ көршәккә изге һыу ҡойһон, Изге сатыр иҙәненән алынған тупраҡты һыуға һалһын. Шунан ҡатынды Раббы ҡаршыһына баҫтырһын да яулығын систерһен, ҡулына гонаһты хәтерләтеп тороусы иҫтәлек саҙаҡаһын – көнсөллөк саҙаҡаһын тотторһон. Ә ҡаһин ҡулында ҡәһәр төшөрә торған әсе һыу булыр. Ҡаһин, ҡатынды ант иттертеп, уға былай тип әйтер: «Әгәр һинең менән ситтәрҙән берәү ҙә яҡынлыҡ ҡылмаған булһа, һин нәжесләнмәгән, иреңә хыянат итмәгән булһаң, ҡәһәр төшөрөүсе ошо әсе һыу һиңә зыян килтермәҫ». Әгәр ҡатын иренә хыянат итеп, нәжесләнһә, иренән башҡа берәү уның менән яҡынлыҡ ҡылған булһа, ул саҡта ҡаһин ҡатынды ҡәһәр анты менән ҡарғап: «Раббы һинең миҫалыңда халҡыңа нисек ҡәһәрҙең ғәмәлгә ашҡанын күрһәтһен, – тиһен. – Раббы ҡарыныңды буш итһен, ҡорһағыңды күптерһен. Ҡәһәр төшөрә торған ошо һыу, һинең ҡорһағыңды күптерер һәм ҡарыныңды буш итер өсөн, эсеңә үтеп инһен», – тиһен. Ҡатын иһә: «Амин, амин», – тип раҫлаһын. Ҡаһин ошо ҡәһәрҙәрҙе яҙһын да яҙыуҙы әсе һыуға йыуып төшөрһөн. Ҡәһәр төшөрә торған әсе һыуҙы ҡатынға эсергә бирһен; был һыу, ҡатындың эсенә төшөп, ауыр ғазаптарға килтерер сара булыр. Шунан ҡаһин, ҡатын ҡулынан көнсөллөк саҙаҡаһы итеп килтерелгән икмәкте алып, уны Раббы ҡаршыһында күтәреп һелкһен дә ҡорбан усағына килтерһен. Ҡаһин икмәк саҙаҡаһынан, иҫтәлек өлөшө булараҡ, бер ус тултырып алыр ҙа ҡорбан усағында яндырыр, шунан һыуҙы ҡатынға эсерер. Әгәр ҡатын, иренә хыянат ҡылып нәжесләнгән булһа, ҡаһин уға эсергә биргән ҡәһәрле һыу эсенә инеп, уны ауыр ғазаптарға тарытыр: уның ҡорһағы күбер, эсе төшөр, һәм ул үҙ халҡы өсөн ҡәһәрҙең нисек тормошҡа ашҡанының миҫалы булып торор. Әгәр ҡатын нәжесләнмәгән һәм пак булһа, зыян күрмәҫ, балаға уҙыр хәлдә ҡалыр. Көнсөллөк хаҡындағы ҡанун ошо: ҡатын иренә хыянат итеп нәжесләнһә йәки ирендә, шик тыуып, ҡатынына ҡарата көнсөллөк уянһа, ул ҡатынын Раббы алдына китереп баҫтырһын. Ҡаһин иһә был ҡатын менән алда әйтелгән ҡанун нигеҙендә эш итһен. Шул осраҡта ир язаһыҙ ҡалһын, ә ҡатын ғәйебенең язаһын үҙ иңендә күтәрер. Раббы Мусаға былай тине: – Исраилдарға шуны хәбәр ит: әгәр берәй ир йә ҡатын нәзирлек нәҙере биреп үҙен Раббыға бағышлаһа, ул шарап һәм хәмер эсеүҙән тыйылырға, шараптан йәки иҫерткес эсемлектән әҙерләнгән һеркәне ҡулланмаҫҡа, йөҙөм һутын эсмәҫкә, йөҙөмдөң яңы өҙөлгәнен дә, киптерелгәнен дә ашамаҫҡа тейеш. Нәзирлектең бар дауамында йөҙөмдән эшләнгән бер генә нәмәне лә, хатта орлоғон йәки ҡабығын да ашамаһын. Нәзирлек нәҙеренең бар дауамында уның башына бәке теймәһен. Раббы нәзирлегенә бағышланыу көнө тулғансы ул изге булып тора, шуға башындағы сәсен үҫтерергә тейеш. Уның сәсе Раббыға бағышланыуының билдәһе булып тора, шуға күрә ул Раббы нәзирлегенә бағышланған көндәрҙә мәйет эргәһенә килергә тейеш түгел. Атаһымы, әсәһеме, ағаһы-ҡустыһымы, апаһы-һеңлеһеме вафат булһа ла, уларға ҡағылып нәжесләнергә тейеш түгел, сөнки уның сәсе – Аллаға бағышланыуының билдәһе. Нәзирлегенең бөтә көндәрендә Раббы алдында изге ул. Әгәр уның янында берәйһе көтмәгәндә вафат булып ҡуйһа, шунлыҡтан нәҙер әйтеүсенең сәсе аңғармаҫтан нәжесләнһә, таҙарыныу көнөндә, етенсе көндө, ул сәсен ҡырһын. Һигеҙенсе көндө Осрашыу сатыры ауыҙына ике алатуба йә ике бала күгәрсен килтерһен. Ҡоштарҙың береһен ҡаһин гонаһ ҡорбаны, икенсеһен тотош яндырыу ҡорбаны итер, теге кешене мәйеткә ҡағылыу арҡаһында ҡылған гонаһынан пакландырыр, һәм шул көндө ул үҙенең башын ҡабат изгеләндерер. Был кеше Раббыға бағышланған нәзирлек көндәрен ҡабаттан башлар һәм, ғәйеп ҡорбаны итеп, бер йәшлек бәрәс килтерер; нәзирлеге нәжесләнгәнлектән, элекке көндәре иҫәпкә алынмаҫ. Нәзирлек көндәре тулғандың аръяғына нәзирлек тураһындағы ҡанун бына ошолай булыр: нәҙер әйтеүсе Осрашыу сатыры ауыҙына килтерелер. Ул Раббыға ҡорбан итеп яндырыу өсөн бер йәшлек кәмселекһеҙ тәкә бәрәс, гонаһ ҡорбаны итеп бер йәшлек кәмселекһеҙ орғасы бәрәс, татыулыҡ ҡорбаны итеп кәмселекһеҙ бер тәкә, кәрзингә һалып иң яҡшы бойҙай ононан бешерелгән сөсө икмәк, зәйтүн майына баҫып бешерелгән икмәк, зәйтүн майы һөртөлгән йоҡа ғына сөсө көлсәләр, йәнә былар менән бергә икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбан алып килер. Ошоларҙы ҡаһин Раббы алдына ҡуйыр ҙа теге кешенең гонаһ ҡорбанын һәм яндырыу ҡорбанын ғәмәл ҡылыр. Тәкәне кәрзингә һалынған сөсө икмәк менән бергә Раббыға татыулыҡ ҡорбаны итеп килтерер, ҡаһин шулай уҡ икмәк саҙаҡаһы менән түкмә ҡорбанды ла ғәмәл итер. Нәзир Осрашыу сатыры ауыҙында нәзирлек сәсен ҡырыр ҙа уны татыулыҡ ҡорбаны аҫтындағы утҡа һалып яндырыр. Нәзир сәсен ҡырғас, ҡаһин, тәкәнең бешерелгән ҡалаҡ һөйәген һәм кәрзиндән бер сөсө икмәк менән бер сөсө көлсәне алып, уның ҡулына һалыр. Ҡаһин уларҙы, һелкетмә ҡорбан булараҡ, Раббы хозурында күтәреп күрһәтер: улар изге һанала һәм күтәреп күрһәтелгән түш менән саҙаҡа итеп килтерелгән бот ҡаһиндың өлөшө була. Ошонан һуң нәзир шарап эсә ала. Нәҙер әйтеп, үҙен Раббыға бағышлаған кеше хаҡында ҡанун ошо. Раббыға саҙаҡаны ул биргән нәҙеренә ҡарап килтерһен, бынан тыш, байлығы мөмкинлек биргән күләмдә лә ҡорбан килтерергә мөмкин. Ә әйткән нәҙерен нәзирлек ҡанунына ярашлы эшләргә тейеш. Раббы Мусаға былай тине: – Һарун менән уның улдарына еткер: исраилдарға фатиха биргәндә шулай тип әйтегеҙ: «Раббы һиңә фатихаһын бирһен һәм һаҡлаһын! Раббы Үҙенең яҡты йөҙө менән балҡытһын, Һиңә мәрхәмәтле булһын! Раббы һиңә йөҙө менән боролһон, Һиңә тыныслыҡ бирһен!» Минең исемемде әйтеп, улар ошолай тип саҡырһындар. Шунда Мин исраилдарға фатихамды бирермен. Изге сатырҙы ҡороп бөткәс, Муса уны барлыҡ кәрәк-ярағы менән, шулай уҡ ҡорбан усағын бөтә кәрәк-ярағы менән мәсехләп изгеләндерҙе. Шунан Исраил етәкселәре, йәғни халыҡ һанын алыу өсөн яуаплы булған ырыу һәм ғаилә башлыҡтары саҙаҡалар алып килде. Улар, Раббыға бағышлап, алты ылау менән ун ике үгеҙ, йәғни һәр ике башлыҡтан бер ылау менән һәр бер башлыҡтан берәр үгеҙ килтереп, сатыр алдына ҡуйҙылар. Раббы Мусаға былай тине: – Һин быларҙы ал. Улар Осрашыу сатырында хеҙмәт башҡарыу өсөн булыр. Һәр береһенең вазифаһына ҡарап, уларҙы левиҙәргә таратып бир. Муса ылауҙар менән үгеҙҙәрҙе левиҙәргә таратып бирҙе. Ике ылау менән дүрт үгеҙҙе, башҡарған хеҙмәттәренә ярашлы, Гершон тоҡомона бирҙе. Дүрт ылау менән һигеҙ үгеҙҙе, башҡарған хеҙмәттәренә ярашлы, Мерари тоҡомона тапшырҙы. Улар Һарун ҡаһиндың улы Иҫамар күҙәтеүе аҫтында эшләй ине. Ҡыһаҫ тоҡомона иһә Муса ылау ҙа, үгеҙ ҙә бирмәне, сөнки уларҙың вазифаһы иңдәрендә күтәреп йөрөткән мөҡәддәс әйберҙәр менән бәйле ине. Ҡорбан усағын мәсехләгән көндә башлыҡтар бағышлау бүләге алып килделәр һәм ҡорбан усағы алдына ҡуйҙылар. Сөнки Раббы Мусаға: – Көн һайын берәр башлыҡ сиратлап, ҡорбан усағын бағышлау өсөн саҙаҡа килтерһен, – тигәйне. Беренсе көндө үҙенең саҙаҡаларын Йәһүҙә ырыуынан Ғамминадав улы Нахшон алып килде. Уның саҙаҡалары ошолар ине: йөҙ утыҙ шекел ауырлығындағы бер көмөш тәрилкә, изге шекелгә күрә етмеш шекел ауырлығындағы бер көмөш сеүәтә – был һауыттарҙың икеһенә лә икмәк саҙаҡаһы өсөн зәйтүн майы ҡушылған иң яҡшы бойҙай оно тултырылғайны; хуш еҫле сайыр тултырылған ун шекел ауырлығындағы бер алтын һауыт; тотош яндырыу ҡорбаны өсөн бер үгеҙ башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек тәкә бәрәс; гонаһ ҡорбаны өсөн бер кәзә тәкәһе; татыулыҡ ҡорбаны өсөн ике үгеҙ, биш һарыҡ тәкәһе, биш кәзә тәкәһе, бер йәшлек биш тәкә бәрәс. Ғамминадав улы Нахшон алып килгән саҙаҡалар бына шулар. Икенсе көндө үҙенең саҙаҡаларын Исасхар ырыуының башлығы Суғар улы Неҫанил алып килде. Уның саҙаҡалары ошолар ине: изге шекелгә күрә йөҙ утыҙ шекел ауырлығындағы бер көмөш тәрилкә, етмеш шекел ауырлығындағы бер көмөш сеүәтә – был һауыттарҙың икеһенә лә икмәк саҙаҡаһы өсөн зәйтүн майы ҡушылған яҡшы бойҙай оно тултырылғайны; хуш еҫле сайыр тултырылған ун шекел ауырлығындағы бер алтын һауыт; тотош яндырыу ҡорбаны өсөн бер үгеҙ башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек тәкә бәрәс; гонаһ ҡорбаны өсөн бер кәзә тәкәһе; татыулыҡ ҡорбаны өсөн ике үгеҙ, биш һарыҡ тәкәһе, биш кәзә тәкәһе, бер йәшлек биш тәкә бәрәс. Суғар улы Неҫанил алып килгән саҙаҡалар бына шулар. Өсөнсө көндө үҙенең саҙаҡаларын Зевулун ырыуының башлығы Хелон улы Әлиав алып килде. Уның саҙаҡалары ошолар ине: изге шекелгә күрә йөҙ утыҙ шекел ауырлығындағы бер көмөш тәрилкә, етмеш шекел ауырлығындағы бер көмөш сеүәтә – был һауыттарҙың икеһенә лә икмәк саҙаҡаһы өсөн зәйтүн майы ҡушылған яҡшы бойҙай оно тултырылғайны; хуш еҫле сайыр тултырылған ун шекел ауырлығындағы бер алтын һауыт; тотош яндырыу ҡорбаны өсөн бер үгеҙ башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек тәкә бәрәс; гонаһ ҡорбаны өсөн бер кәзә тәкәһе; татыулыҡ ҡорбаны өсөн ике үгеҙ, биш һарыҡ тәкәһе, биш кәзә тәкәһе һәм бер йәшлек биш тәкә бәрәс. Хелон улы Әлиав алып килгән саҙаҡалар бына шулар. Дүртенсе көндө үҙенең саҙаҡаларын Рәүвән ырыуының башлығы Шедеур улы Әлисур алып килде. Уның саҙаҡалары ошолар ине: изге шекелгә күрә йөҙ утыҙ шекел ауырлығындағы бер көмөш тәрилкә, етмеш шекел ауырлығындағы бер көмөш сеүәтә – был һауыттарҙың икеһенә лә икмәк саҙаҡаһы өсөн зәйтүн майы ҡушылған яҡшы бойҙай оно тултырылғайны; хуш еҫле сайыр тултырылған ун шекел ауырлығындағы бер алтын һауыт; тотош яндырыу ҡорбаны өсөн бер үгеҙ башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек тәкә бәрәс; гонаһ ҡорбаны өсөн бер кәзә тәкәһе; татыулыҡ ҡорбаны өсөн ике үгеҙ, биш һарыҡ тәкәһе, биш кәзә тәкәһе һәм бер йәшлек биш тәкә бәрәс. Шедеур улы Әлисур алып килгән саҙаҡалар бына шулар. Бишенсе көндө үҙенең саҙаҡаларын Шимғон ырыуының башлығы Суришаддай улы Шелумиил алып килде. Уның саҙаҡалары ошолар ине: изге шекелгә күрә йөҙ утыҙ шекел ауырлығындағы бер көмөш тәрилкә, етмеш шекел ауырлығындағы бер көмөш сеүәтә – был һауыттарҙың икеһенә лә икмәк саҙаҡаһы өсөн зәйтүн майы ҡушылған яҡшы бойҙай оно тултырылғайны; хуш еҫле сайыр тултырылған ун шекел ауырлығындағы бер алтын һауыт; тотош яндырыу ҡорбаны өсөн бер үгеҙ башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек тәкә бәрәс; гонаһ ҡорбаны өсөн бер кәзә тәкәһе; татыулыҡ ҡорбаны өсөн ике үгеҙ, биш һарыҡ тәкәһе, биш кәзә тәкәһе, бер йәшлек биш тәкә бәрәс. Суришаддай улы Шелумиил алып килгән саҙаҡалар бына шулар. Алтынсы көндө үҙенең саҙаҡаларын Ғад ырыуының башлығы Деғуил улы Әлъясаф алып килде. Уның саҙаҡалары ошолар ине: изге шекелгә күрә йөҙ утыҙ шекел ауырлығындағы бер көмөш тәрилкә, етмеш шекел ауырлығындағы бер көмөш сеүәтә – был һауыттарҙың икеһенә лә икмәк саҙаҡаһы өсөн зәйтүн майы ҡушылған яҡшы бойҙай оно тултырылғайны; хуш еҫле сайыр тултырылған ун шекел ауырлығындағы бер алтын һауыт; тотош яндырыу ҡорбаны өсөн бер үгеҙ башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек тәкә бәрәс; гонаһ ҡорбаны өсөн бер кәзә тәкәһе; татыулыҡ ҡорбаны өсөн ике үгеҙ, биш һарыҡ тәкәһе, биш кәзә тәкәһе, бер йәшлек биш тәкә бәрәс. Деғуил улы Әлъясаф алып килгән бүләктәр бына шулар. Етенсе көндө үҙенең саҙаҡаларын Әфраим ырыуының башлығы Ғаммиһуд улы Әлишамағ алып килде. Уның саҙаҡалары ошолар ине: изге шекелгә күрә йөҙ утыҙ шекел ауырлығындағы бер көмөш тәрилкә, етмеш шекел ауырлығындағы бер көмөш сеүәтә – был һауыттарҙың икеһенә лә икмәк саҙаҡаһы өсөн зәйтүн майы ҡушылған яҡшы бойҙай оно тултырылғайны; хуш еҫле сайыр тултырылған ун шекел ауырлығындағы бер алтын һауыт; тотош яндырыу ҡорбаны өсөн бер үгеҙ башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек тәкә бәрәс; гонаһ ҡорбаны өсөн бер кәзә тәкәһе; татыулыҡ ҡорбаны өсөн ике үгеҙ, биш һарыҡ тәкәһе, биш кәзә тәкәһе, бер йәшлек биш тәкә бәрәс. Ғаммиһуд улы Әлишамағ алып килгән бүләктәр бына шулар. Һигеҙенсе көндө үҙенең саҙаҡаларын Менашше ырыуының башлығы Педаһсур улы Гамлиил алып килде. Уның саҙаҡалары ошолар ине: изге шекелгә күрә йөҙ утыҙ шекел ауырлығындағы бер көмөш тәрилкә, етмеш шекел ауырлығындағы бер көмөш сеүәтә – был һауыттарҙың икеһенә лә икмәк саҙаҡаһы өсөн зәйтүн майы ҡушылған яҡшы бойҙай оно тултырылғайны; хуш еҫле сайыр тултырылған ун шекел ауырлығындағы бер алтын һауыт; тотош яндырыу ҡорбаны өсөн бер үгеҙ башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек тәкә бәрәс; гонаһ ҡорбаны өсөн бер кәзә тәкәһе; татыулыҡ ҡорбаны өсөн ике үгеҙ, биш һарыҡ тәкәһе, биш кәзә тәкәһе, бер йәшлек биш тәкә бәрәс. Педаһсур улы Гамлиил алып килгән бүләктәр бына шулар. Туғыҙынсы көндө үҙенең саҙаҡаларын Бинйәмин ырыуының башлығы Ғидғони улы Авидан алып килде. Уның саҙаҡалары ошолар ине: изге шекелгә күрә йөҙ утыҙ шекел ауырлығындағы бер көмөш тәрилкә, етмеш шекел ауырлығындағы бер көмөш сеүәтә – был һауыттарҙың икеһенә лә икмәк саҙаҡаһы өсөн зәйтүн майы ҡушылған яҡшы бойҙай оно тултырылғайны; хуш еҫле сайыр тултырылған ун шекел ауырлығындағы бер алтын һауыт; тотош яндырыу ҡорбаны өсөн бер үгеҙ башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек тәкә бәрәс; гонаһ ҡорбаны өсөн бер кәзә тәкәһе; татыулыҡ ҡорбаны өсөн ике үгеҙ, биш һарыҡ тәкәһе, биш кәзә тәкәһе, бер йәшлек биш тәкә бәрәс. Ғидғони улы Авидан алып килгән бүләктәр бына шулар. Унынсы көндө үҙенең саҙаҡаларын Дан ырыуының башлығы Ғаммишаддай улы Ахиғәзер алып килде. Уның саҙаҡалары ошолар ине: изге шекелгә күрә йөҙ утыҙ шекел ауырлығындағы бер көмөш тәрилкә, етмеш шекел ауырлығындағы бер көмөш сеүәтә – был һауыттарҙың икеһенә лә икмәк саҙаҡаһы өсөн зәйтүн майы ҡушылған яҡшы бойҙай оно тултырылғайны; хуш еҫле сайыр тултырылған ун шекел ауырлығындағы бер алтын һауыт; тотош яндырыу ҡорбаны өсөн бер үгеҙ башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек тәкә бәрәс; гонаһ ҡорбаны өсөн бер кәзә тәкәһе; татыулыҡ ҡорбаны өсөн ике үгеҙ, биш һарыҡ тәкәһе, биш кәзә тәкәһе, бер йәшлек биш тәкә бәрәс. Ғаммишаддай улы Ахиғәзер алып килгән бүләктәр бына шулар. Ун беренсе көндө үҙенең саҙаҡаларын Ашер ырыуының башлығы Ғохран улы Пағиил алып килде. Уның саҙаҡалары ошолар ине: изге шекелгә күрә йөҙ утыҙ шекел ауырлығындағы бер көмөш тәрилкә, етмеш шекел ауырлығындағы бер көмөш сеүәтә – был һауыттарҙың икеһенә лә икмәк саҙаҡаһы өсөн зәйтүн майы ҡушылған яҡшы бойҙай оно тултырылғайны; хуш еҫле сайыр тултырылған ун шекел ауырлығындағы бер алтын һауыт; тотош яндырыу ҡорбаны өсөн бер үгеҙ башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек тәкә бәрәс; гонаһ ҡорбаны өсөн бер кәзә тәкәһе; татыулыҡ ҡорбаны өсөн ике үгеҙ, биш һарыҡ тәкәһе, биш кәзә тәкәһе, бер йәшлек биш тәкә бәрәс. Ғохран улы Пағиил алып килгән бүләктәр бына шулар. Ун икенсе көндө үҙенең саҙаҡаларын Нафтали ырыуының башлығы Ғенан улы Ахирағ алып килде. Уның саҙаҡалары ошолар ине: изге шекелгә күрә йөҙ утыҙ шекел ауырлығындағы бер көмөш тәрилкә, етмеш шекел ауырлығындағы бер көмөш сеүәтә – был һауыттарҙың икеһенә лә икмәк саҙаҡаһы өсөн зәйтүн майы ҡушылған яҡшы бойҙай оно тултырылғайны; хуш еҫле сайыр тултырылған ун шекел ауырлығындағы бер алтын һауыт; тотош яндырыу ҡорбаны өсөн бер үгеҙ башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек тәкә бәрәс; гонаһ ҡорбаны өсөн бер кәзә тәкәһе; татыулыҡ ҡорбаны өсөн ике үгеҙ, биш һарыҡ тәкәһе, биш кәзә тәкәһе, бер йәшлек биш тәкә бәрәс. Ғенан улы Ахирағ алып килгән бүләктәр бына шулар. Ҡорбан усағын мәсехләп бағышлаған көндө Исраил башлыҡтары алып килгән бүләктәр ошолар ине: ун ике көмөш тәрилкә, ун ике көмөш сеүәтә, ун ике алтын һауыт; һәр көмөш тәрилкәнең ауырлығы – изге шекелгә күрә йөҙ утыҙ, һәр көмөш сеүәтәнең ауырлығы изге шекелгә күрә етмеш шекел булып, көмөштөң дөйөм ауырлығы изге шекелгә күрә ике мең дүрт йөҙ шекел булды; хуш еҫле сайыр тултырылған ун ике алтын һауыт: һәр һауыттың ауырлығы изге шекелгә күрә ун шекел булып, ун ике алтын һауыттың дөйөм ауырлығы йөҙ егерме шекел булды. Тотош яндырыу ҡорбанына ун ике үгеҙ башмаҡ, ун ике һарыҡ тәкәһе, бер йәшлек ун ике тәкә бәрәс һәм улар менән бергә икмәк саҙаҡаһы, гонаһ ҡорбаны өсөн ун ике кәзә тәкәһе; татыулыҡ ҡорбанына егерме дүрт үгеҙ, алтмыш һарыҡ тәкәһе, алтмыш кәзә тәкәһе һәм бер йәшлек алтмыш тәкә бәрәс. Мәсехләгәндән һуң ҡорбан усағын бағышлау өсөн килтерелгән саҙаҡалар бына шулар. Муса, Раббы менән һөйләшер өсөн Осрашыу сатырына ингән саҡта, Килешеү һандығына ябылған ҡапҡастың өҫтөндәге ике кируб араһынан үҙенә өндәшкән тауыш ишетер булды. Раббы шулай Муса менән һөйләшә ине. Раббы Мусаға былай тине: – Һарунға әйт, ул ете майшәмде шәмдәлгә урынлаштырғанда, уларҙың яҡтыһы шәмдәл алдына төшөрлөк итеп ҡуйһын. Һарун нәҡ шулай эшләне: Раббы Мусаға әйткәнсә, ете майшәмде яҡтылары шәмдәлдең алғы яғына төшөрлөк итеп ҡуйҙы. Раббы Мусаға күрһәткәнсә эшләнгән шәмдәл нигеҙенән алып сәскәләренең тажына тиклем алтындан сүкеп яһалғайны. Раббы Мусаға былай тине: – Исраилдар араһынан левиҙәрҙе ал да уларҙы таҙарындыр. Таҙарындырыу тәртибе былай булыр: өҫтәренә таҙарыныу һыуы һирп, тәндәренең бөтә ерен бәке менән ҡырһындар, кейемдәрен йыуһындар – таҙа булырҙар. Үгеҙ башмаҡ менән тейешле икмәк саҙаҡаһы – зәйтүн майы ҡушылған бойҙай оно килтерһендәр. Икенсе башмаҡты гонаһ ҡорбаны итеп килтер. Левиҙәрҙе Осрашыу сатыры алдына йыйып, бөтә Исраил йәмғиәтен саҡырып ал. Левиҙәрҙе Раббы ҡаршыһына килтер ҙә исраилдар уларҙың башына ҡулдарын һалһын. Һарун левиҙәрҙе исраилдарҙан Раббыға килтерелгән һелкетмә ҡорбан һымаҡ бағышлаһын. Шунан һуң левиҙәр Раббыға хеҙмәт итергә әҙер булыр. Левиҙәр ҡулдарын башмаҡтарҙың башына һалһын. Артабан левиҙәрҙе пакландырыу өсөн бер башмаҡты – гонаһ ҡорбаны, икенсеһен тотош яндырыу ҡорбаны итеп Раббыға килтер. Левиҙәрҙе Һарун менән улдары алдына баҫтыр һәм уларҙы һелкетмә ҡорбан һымаҡ Раббыға бағышла. Левиҙәр Минеке булһын өсөн, уларҙы Исраил халҡы араһынан шулай итеп айырып ал. Левиҙәрҙе таҙарындырғандан һәм Раббы хозурында һелкетмә ҡорбан булараҡ бағышлағандан һуң, хеҙмәт итер өсөн, улар Осрашыу сатыры янына килә ала. Улар исраилдар араһынан тулыһынса Миңә бирелгән. Исраил ҡатындарының барлыҡ беренсе булып тыуған улдары урынына Мин уларҙы Үҙемә алам. Исраилдарҙың беренсе булып тыуған иркәк йән эйәһе – кешенекенән башлап мал-тыуарҙыҡына тиклем һәммәһе – Минеке. Сөнки мысырҙарҙың беренсе булып тыуған барлыҡ ир балаларын һәләк иткән саҡта, исраилдарҙыҡын Мин Үҙемә айырып алдым. Хәҙер иһә исраилдарҙың беренсе булып тыуған ир балалары урынына левиҙәрҙе алдым. Левиҙәрҙе исраилдар араһынан алып, Һарун менән уның улдарына тапшырҙым. Левиҙәр исраилдар исеменән Осрашыу сатырында хеҙмәт итергә, исраилдарҙы Изге урынға яҡынлашып бәлә-ҡазаға тарыуҙан һаҡлар өсөн, улар хаҡына пакландырыу йолаһын башҡарырға тейеш. Муса менән Һарун һәм бөтә Исраил йәмғиәте, Раббы Мусаға левиҙәр хаҡында нимә бойорһа, шуларҙың барыһын да теүәл үтәне. Левиҙәр таҙарынды, кейем-һалымын йыуҙы. Һарун уларҙы алып килеп, Раббы хозурында һелкетмә ҡорбан булараҡ бағышланы, уларҙы таҙарындырыу өсөн пакландырыу йолаһын башҡарҙы. Шунан һуң левиҙәр Һарун менән уның улдары күҙәтеүе аҫтында Осрашыу сатырына үҙ хеҙмәттәрен үтәргә китте. Раббы Мусаға левиҙәр хаҡында нимә бойорһа, шуларҙың барыһын да эшләнеләр. Раббы Мусаға былай тине: – Бына левиҙәр хаҡындағы ҡағиҙә: леви Осрашыу сатырында егерме биш йәштән алып хеҙмәт итергә тейеш. Илле йәше тулғас, леви хеҙмәтте туҡтата. Унан һуң туғандарына Осрашыу сатыры хеҙмәтендә ярҙам итһәләр була, әммә үҙҙәре эшләмәһендәр. Левиҙәрҙең хеҙмәт итеүенә ҡағылышлы ҡағиҙәләр ошо булыр. Исраилдар Мысыр еренән сыҡҡандан һуң, икенсе йылдың беренсе айында Синай сүлендә Раббы Мусаға былай тине: – Билдәләнгән ваҡытта исраилдар Ҡотҡарылыу байрамын үткәрһен. Ошо айҙың ун дүртенсе көнөндә эңер төшкәс уҙғарығыҙ уны, бөтә ҡағиҙәләр, йолалар буйынса байрам итегеҙ. Муса исраилдарға Ҡотҡарылыу байрамы үткәрергә ҡушты. Беренсе айҙың ун дүртенсе көнөндә, эңер төшкәс, Синай сүлендә Ҡотҡарылыу байрамын билдәләнеләр. Исраилдар бөтәһен дә Раббы Мусаға ҡушҡанса башҡарҙы. Мәйеткә ҡағылыуҙан нәжесләнеп, Ҡотҡарылыу байрамын ул көндө үткәрә алмаған кешеләр ҙә бар ине, улар, шул көндө үк Муса менән Һарунға килеп, былай тине: – Мәйеткә ҡағылып нәжесләндек, тик ниңә беҙҙе бар исраилдар менән бергә үҙ ваҡытында Раббыға саҙаҡа биреүҙән мәхрүм итергә инде? Муса уларға: – Ошонда тороп тороғоҙ, һеҙҙең турала Раббы ни бойорор икән, тыңлайым әле, – тине. Раббы Мусаға былай тине: – Исраилдарға әйт: әгәр берәйегеҙ йә нәҫелегеҙҙән берәйһе мәйеткә ҡағылыуҙан нәжесләнһә йәки алыҫ юлда булһа, ул да Раббының Ҡотҡарылыу байрамын үткәрә ала. Ундайҙар Ҡотҡарылыу байрамын икенсе айҙың ун дүртенсе көнөндә эңер төшкәс билдәләһен. Ҡотҡарылыу байрамы ҡорбаны булған тәкә бәрәсте сөсө икмәк һәм әскелтем үләндәр менән ашаһын. Таңға тиклем ҡорбан итенән бер нәмә лә ҡалмаһын, ҡорбан бәрәсенең һөйәктәре һындырылмаһын. Байрамды Ҡотҡарылыу байрамы тураһындағы бөтә ҡағиҙәләр буйынса үткәрһендәр. Ә инде пак булған, алыҫ юлда булмаған кеше Ҡотҡарылыу байрамын үткәрмәһә, халҡы араһынан ҡыуылһын, сөнки ул тейешле ваҡытта Раббыға саҙаҡа бирмәне, ул кеше гонаһының язаһын аласаҡ. Әгәр арағыҙҙа йәшәгән килмешәк Раббының Ҡотҡарылыу байрамын билдәләргә теләһә, Ҡотҡарылыу байрамының ҡағиҙәләре һәм йолаларына ярашлы үткәрһен. Килмешәктәргә лә, ерле халыҡҡа ла ҡағиҙә бер үк булһын. Изге сатыр ҡоролған көндө уны – Килешеү сатырын – болот ҡапланы, өҫтөндә кистән таңғаса гүйә ут янып торғандай булды. Һәр саҡ шулай булды: көндөҙ болот сорнаны, ә төндә гүйә ут янды. Болот сатыр өҫтөнән күтәрелһә, исраилдар юлға сыҡты; болот туҡтаған урында туплам ҡорҙолар. Исраилдар Раббы әмере менән юлға сығыр, Раббы әмере буйынса туҡталыр булды. Сатыр өҫтөндә болот торған саҡта улар урынынан ҡуҙғалманы. Болот сатыр өҫтөндә бик оҙаҡ торһа, исраилдар, Раббының күрһәтмәһен үтәп, юлға сығырға ашыҡманы. Ҡайһы саҡта болот сатыр өҫтөндә бик аҙ ғына тора торғайны: улар Раббы әмере буйынса туҡтай һәм Раббы күрһәтмәһе менән ҡуҙғала ине. Ҡайһы саҡта болот кистән иртәнгә тиклем генә тороп, иртәнсәк күтәрелә, шул саҡта улар ҙа урынынан ҡуҙғала. Ҡайһы берҙә болот көн һәм төн тора ла ҡалҡа, шунан улар ҙа юлға сыға. Болот сатыр өҫтөндә ике көн, бер ай йәки бер йыл торһа, исраилдар ҙа шунса ваҡыт урындарында ҡала, ҡуҙғалмай. Болот күтәрелһә генә ҡуҙғалалар ине. Раббы әмере буйынса туҡтайҙар, Раббы әмере менән юлға сығалар: улар Раббының Муса аша еткергән бойороғон теүәл үтәне. Раббы Мусаға былай тине: – Үҙеңә көмөштән сүкеп ике борғо яһап ал, улар һиңә йәмғиәтте йыйып, тупламдан алып сығыр өсөн кәрәк булыр. Ике борғо ла ҡысҡыртһа, бөтә йәмғиәт һинең эргәңә, Осрашыу сатыры ауыҙына йыйылыр. Бер генә борғо ҡысҡыртһа, эргәңә башлыҡтар, Исраил нәҫелдәре етәкселәре йыйылыр. Борғо ҡуҙғалырға ауаз һалһа, көнсығышта туплам булып урынлашҡан ырыуҙар юлға сығыр. Борғонан ҡуҙғалыу ауазы икенсе тапҡыр яңғыраһа, көньяҡта туплам булып урынлашҡан ырыуҙар юлға сығыр. Борғо юлға ҡуҙғалыу тураһында хәбәр итә. Йыйын йыйырға кәрәккәндә лә борғо ҡысҡыртығыҙ, әммә ул ауаз хәүефле булмаһын. Борғоларҙы Һарун нәҫеленән булған ҡаһиндар ҡысҡыртһын: был һеҙҙең өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә булһын. Дошман, ерегеҙгә килеп, һеҙгә һөжүм итһә, борғоларығыҙҙы хәүеф барлығын белгертеп ҡысҡыртығыҙ. Аллағыҙ Раббы һеҙҙе иҫенә төшөрөр, дошмандарығыҙҙан ҡотҡарыр. Күңел асҡан көндәрегеҙҙә һәм байрамдарығыҙҙа, яңы ай тыуған көндәрҙә, тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандары килтергәндә борғо ҡысҡыртығыҙ – был Аллағыҙға үҙегеҙҙе иҫкә төшөрөү булыр. Мин – Раббы, һеҙҙең Аллағыҙ. Икенсе йылдың икенсе айының егерменсе көнөндә болот Килешеү сатырынан өҫкә күтәрелде. Исраилдар Синай сүленән ҡуҙғалып китте һәм, бер урындан икенсе урынға күсә-күсә, юлдарын дауам итте. Болот Паран сүленә етеп туҡтаны. Раббының Муса аша биргән бойороғо буйынса тәүге тапҡыр юлға сығыуҙары ине. Иң тәүҙә үҙ байрағы аҫтында төркөм-төркөм булып Йәһүҙә ғәскәре ҡуҙғалды. Уның башында Ғамминадав улы Нахшон ине. Исасхар ырыуының ғәскәре башында – Суғар улы Неҫанил, Зевулун ырыуы ғәскәре башында Хелон улы Әлиав ине. Изге сатыр йыйып алынды, уны йөрөтөүсе Гершон улдары менән Мерари улдары, сатырҙы күтәреп, юлға ҡуҙғалды. Шунан үҙ байрағы аҫтында төркөм-төркөм булып Рәүвән ғәскәре ҡуҙғалды. Ғәскәр башында Шедеур улы Әлисур ине. Шимғон ырыуы ғәскәре башында Суришаддай улы Шелумиил ине. Ғад ырыуы ғәскәре башында Деғуил улы Әлъясаф ине. Шунан изге әйберҙәрҙе йөрөтөүсе Ҡыһаҫ улдары ҡуҙғалды. Улар яңы урынға килеп еткәндә, Изге сатыр ҡороп ҡуйылған булырға тейеш ине. Артабан үҙ байрағы аҫтында төркөм-төркөм булып Әфраим ғәскәре ҡуҙғалды. Ғәскәрҙең башында Ғаммиһуд улы Әлишамағ ине. Менашше ырыуы ғәскәренең башында Педаһсур улы Гамлиил ине. Бинйәмин ырыуы ғәскәре башында Ғидғони улы Авидан ине. Иң һуңынан үҙ байрағы аҫтында төркөм-төркөм булып Дан ғәскәре юлға сыҡты. Уларҙың ғәскәре башында Ғаммишаддай улы Ахиғәзер тора ине. Ашер ырыуы ғәскәре башында – Ғохран улы Пағиил, Нафтали ырыуы ғәскәре башында Ғенан улы Ахирағ ине. Төркөмдәргә бүленгән исраилдарҙың юлға сығыу тәртибе ошолай ине. Муса Мидйәндән ҡайныһы Реғуилдың улы Ховавҡа: – Беҙ Раббы «һеҙгә бирәм» тип вәғәҙә иткән ергә китеп барабыҙ, – тине. – Әйҙә беҙҙең менән, беҙ һиңә ҡарата яҡшы булырбыҙ, сөнки Раббы исраилдарға күп яҡшылыҡтар вәғәҙә итте. Ләкин Ховав: – Мин үҙ еремә, халҡыма ҡайтам, – тип баш тартты. Муса иһә былай тине: – Беҙҙе ҡалдырмаһаң ине, сөнки һин сүллектә ҡайҙа туҡтарға һәм туплам ҡорорға беләһең, беҙгә күҙ-ҡолаҡ булыр инең. Әгәр беҙҙең менән барһаң, Раббы беҙгә ҡылған игелекте һинең менән уртаҡлашырбыҙ. Исраилдар Раббы тауынан ҡуҙғалып, өс көнлөк юлға сыҡты. Өс көнөндә лә Раббының Килешеү һандығы уларға туҡталыр урын күрһәтер өсөн алдарынан барҙы. Туҡталған урындарынан ҡуҙғалған ваҡытта Раббының болото көндөҙҙәрен уларҙың өҫтөндә булды. Һандыҡ юлға ҡуҙғалған һайын Муса былай тиер булды: – Эй Раббым, ҡалҡ! Дошмандарың тырым-тырағай таралһын, Һине күрә алмағандар алдыңдан ҡасып бөтһөн! Һандыҡ туҡталғанда иһә: – Эй Раббым, ҡайт! Исраилдың Меңдәрсә үә меңдәрсә Халҡы эргәһенә ҡайт! – тиер ине. Халыҡ тормош ауырлығына зарлана башланы. Быны ишетеп, Раббының асыуы тоҡанды. Раббы ярһыуынан улар араһында ут ҡабынып, туплам сите яна башланы. Шунан халыҡ ярҙам һорап Мусаға ялынырға тотондо. Муса, доға ҡылып, Раббыға ялбарғас, ут һүнде. Был урынға Тавғыра тип исем бирҙеләр, сөнки бында улар араһында Раббы уты тоҡанғайны. Исраилдар араһындағы төрлө милләт кешеләре аш төрләндереүҙе талап итә башланы, улар артынан Исраил халҡы ла һыҡтарға тотондо: – Әле ит ашаһаң икән! – тинеләр. – Мысырҙа бушлай ашаған балыҡ, ҡыяр, ҡауын, һуған-һарымһаҡ иҫкә төшә. Хәҙер иһә интегәбеҙ, бер нәмә юҡ, алдыбыҙҙа тик майҙә генә. Майҙә иһә кориандр орлоғона оҡшаған, күрер күҙгә ағас сайыры кеүек һарғылт төҫтә ине. Халыҡ, тегендә-бында йөрөп, уны йыя, ҡул тирмәнендә тарта йәки килелә төйә лә ҡаҙанда бешерә, йә көлсә яһай. Уның тәме зәйтүн майында бешерелгән көлсәнекенә тартым ине. Төндә тупламға ысыҡ төшкәндә майҙә лә яуа ине. Халыҡтың үҙ ғаиләләрендә, үҙ сатырҙары ауыҙы алдында илап зарланғанын Муса ишеткәйне. Раббының асыуы ялҡынланды, Муса ла борсолоуға төштө. Муса Раббыға былай тине: – Мин ҡолоңдо ниңә ыҙалатаһың? Ниңә Һин мине хуш күрмәйһең, ниңә был халыҡтың бөтә ауырлығын минең иңемә һалаһың? Был халыҡты ҡарынымда мин йөрөткәнме лә мин тыуҙырғанмы? Бағыусы сабый баланы йөрөткәндәй ҡулыма алып, уны Һин ата-бабаларыбыҙға ант менән вәғәҙә иткән ергә илтергә ниңә ҡушаһың миңә? Бөтөн халыҡҡа ҡайҙан алып ит ашатайым? Улар алдыма килеп илай-илай: «Беҙгә ит ашат!» – тип һорай. Был халыҡты яңғыҙым йөрөтә алмайым, был минең өсөн бик тә ауыр. Әгәр артабан да минең менән ошолай эшләргә теләһәң, шәфҡәт ҡылсы, ниндәй бәләгә тарығанымды күргәнсе, мине үлтереүең яҡшыраҡ булмаҫмы? Раббы Мусаға былай тине: – Миңә Исраил аҡһаҡалдарынан үҙең халыҡ араһында етәксе һәм түрә булараҡ белгән етмеш ир-уҙаманды Миңә йый ҙа Осрашыу сатырына алып кил, улар һинең яныңда торһон. Мин төшөрмөн, шунда һинең менән һөйләшермен, һиңә иңдерелгән Рухтың бер өлөшөн алып, шул ирҙәргә һалырмын. Халыҡ килтергән хәсрәтте һинең менән улар уртаҡлашыр, инде уны яңғыҙыңа күтәрергә тура килмәҫ. Халыҡҡа былай тип әйт: «Иртәгәһе көнгә үҙегеҙҙе изгеләндерегеҙ, шунан ит ейерһегеҙ, – тиң. – Раббыға: „Әле ит ашаһаң икән! Беҙгә Мысырҙа яҡшыраҡ ине лә баһа“, – тип илаулағайнығыҙ, бына Раббы хәҙер һеҙгә ит бирә, ит ашарһығыҙ. Бер көн түгел, ике көн түгел, биш тә, ун да, егерме көн дә түгел, ә тотош ай буйы ашарһығыҙ. Һеҙ үҙ арағыҙҙағы Раббыны кире ҡаҡтығыҙ, Уның алдында: „Мысырҙан ниңә киттек икән?“ – тип илауланығыҙ, шуның өсөн алҡымығыҙҙан артылғансы, бүккәнсе ашарһығыҙ». Муса былай тине: – Минең эргәмдә алты йөҙ мең йәйәүле яугир, ә Һин: «Мин уларға ит бирәм, ай буйы ашарҙар», – тиһең. Ул тиклем халыҡҡа бөтә һарыҡ, үгеҙҙәрҙе салһаң, етерме? Диңгеҙҙәге барлыҡ балыҡ уларҙы туйҙырырға етерме? Раббы Мусаға былай тине: – Раббының ҡулынан килмәҫ тип уйлайһыңмы әллә? Минең һүҙем тормошҡа ашырмы-юҡмы – хәҙер күрерһең. Муса сыҡты ла Раббының һүҙен халыҡҡа еткерҙе, аҡһаҡалдарҙан етмеш ирҙе йыйып, Изге сатыр эргәһендә торорға ҡушты. Раббы, болот эсендә килеп, Муса менән һөйләште, ундағы Рухтан бер өлөштө алып, етмеш аҡһаҡалға өләште. Рухтан илһамланып, улар пәйғәмбәрлек итә башланы, ләкин аҙаҡ туҡтаны. Ирҙәрҙән икәү тупламда ҡалғайны – береһенең исеме Әлдад, икенсеһенеке Медад ине. Аҡһаҡалдар исемлегенә индерелгән булһалар ҙа, Изге сатыр янына сыҡмағайнылар, әммә уларға ла Рух иңде. Улар тупламда пәйғәмбәрлек итте. Бер ир бала йүгереп килде лә Мусаға, тупламда Әлдад менән Медад пәйғәмбәрлек итә, тип һөйләне. Быға яуап итеп, Нун улы Йушағ, Мусаның хеҙмәткәре, һайланмыш ирҙәрҙең береһе: – Эй хакимым Муса! Тый һин уларҙы! – тине. – Һин мине шулай яҡлашмаҡсы булаһыңмы әллә? – тип һораны унан Муса. – Раббының бөтә халҡы пәйғәмбәр булһын да Раббы уларға Үҙенең Рухын иңдерһен ине лә бит! Шунан Муса Исраил аҡһаҡалдары менән тупламға әйләнеп ҡайтты. Раббы ел күтәрҙе, һәм ул ел диңгеҙ яғынан бүҙәнәләр осортоп алып килде. Бүҙәнәләр туплам тирәләй бер яҡта – бер көнлөк юлға, икенсе яҡта тағы бер көнлөк юлға етерлек булып, ике терһәк самаһы ҡалынлыҡта өйөлөп ятты. Халыҡ бер көн буйы, бер төн буйы, иртәгәһенә тағы көнө буйы бүҙәнә йыйҙы. Иң әҙ тигәндә лә һәр береһе ун хомер бүҙәнә йыйҙы. Уларҙы туплам тирәләй бөтә ергә йәйеп һалып ҡуйҙылар. Итте әле сәйнәп йотоп та өлгөрмәгәндәр ине, ә Раббы, асыуы ялҡынланып, халыҡҡа ҡаты үләт ебәрҙе. Был урынды Ҡивроҫ-Һаттауа тип атанылар, сөнки нәфселәрен тыя алмаған халыҡты шунда ерләнеләр. Ҡивроҫ-Һаттауанан халыҡ Хасироҫҡа юлланды һәм шунда барып туҡтаны. Мирйәм менән Һарун Мусаны Куштан ҡатын алған өсөн битәрләне. Муса тыумышы Куштан булған ҡатынға өйләнгәйне. «Раббы бер Муса аша ғына һөйләшәме ни? Беҙҙең аша ла һөйләшмәнеме ни Раббы?» – тине улар. Раббы быны ишетте. Муса иһә ифрат тыйнаҡ, ер йөҙөндәге барлыҡ кешеләр араһында иң тыйнағы ине. Раббы көтмәгәндә Мусаға һәм Һарун менән Мирйәмгә: – Өсөгөҙ ҙә Осрашыу сатыры янына барығыҙ, – тип бойорҙо. Өсөһө лә китте. Раббы болот бағанаһында төштө лә, сатыр алдында туҡтап, Һарун менән Мирйәмде саҡырып алды. Былар икеһе лә килеп баҫты. – Инде һүҙемде тыңлағыҙ! – тине Раббы. – Арағыҙҙа Раббы пәйғәмбәре булһа, Мин уға күренмештә асылам, Уның менән төшөндә һөйләшәм. Ҡолом Муса менән улай түгел. Минең йортомда ул иң тоғроһо. Уның менән йомаҡ аша түгел, Йөҙмә-йөҙ, асыҡ һөйләшәм. Ул Раббының рәүешен күрә. Шулай булғас, нисек ҡурҡмайынса Ҡолом Мусаны битәрләйһегеҙ? Раббы уларға ҡарата асыуы ялҡынланып китеп барҙы. Болот сатыр өҫтөнән күтәрелгәс, Мирйәмде, ҡар кеүек булып, махау ауырыуы ҡаплап алғайны. Һарун Мирйәмгә боролғайны, уның махаулы икәнен күрҙе. Мусаға ул былай тип ялбарҙы: – Хакимым минең! Беҙҙе алйотлоғобоҙ арҡаһында ҡылған гонаһыбыҙ өсөн язалама! Әсә ҡарынынан ярты тәне сереп, үле тыуған бала шикелле итмә Мирйәмде, зинһар! Шунан Муса Раббыға: – Эй Аллам, ялбарам һиңә, уны һауыҡтыр! – тип ялбарҙы. Раббы Мусаға: – Әгәр атаһы уның йөҙөнә төкөрһә, ул ете көн хурлыҡта йөрөргә тейеш булыр ине түгелме? – тип яуап ҡайтарҙы. – Шулай булғас, уны ете көнгә тупламдан ҡыуығыҙ, шунан ҡайтыр. Мирйәм ете көн буйы тупламдан ситтә булды. Ул әйләнеп ҡайтҡанға тиклем, халыҡ юлға сыҡманы. Ошонан һуң халыҡ, Хасироҫтан китеп, Паран сүлендә туҡтаны. Раббы Мусаға былай тине: – Исраилдарға Мин бирәһе Ҡәнғән ерен ҡарап ҡайтырға кешеләреңде ебәр: һәр ырыуҙан берәр кешене, башлыҡтарҙы, ебәр. Раббы бойороғо буйынса Муса уларҙы Паран сүленән юлға оҙатты. Улар барыһы ла исраилдарҙың етәкселәре ине. Бына уларҙың исемдәре: Рәүвән ырыуынан Заккур улы Шаммуағ, Шимғон ырыуынан Хори улы Шафат, Йәһүҙә ырыуынан Йефунне улы Калев, Исасхар ырыуынан Йософ улы Йигал, Әфраим ырыуынан Нун улы Һошеяғ, Бинйәмин ырыуынан Рафу улы Палти, Зевулун ырыуынан Соди улы Гаддиил, Йософ улы Менашше ырыуынан Суси улы Гадди, Дан ырыуынан Гемалли улы Ғаммиил, Ашер ырыуынан Михаил улы Сеҫур, Нафтали ырыуынан Уофси улы Нахби, Ғад ырыуынан Махи улы Геуил. Муса ер ҡарарға ебәргән ирҙәрҙең исемдәре бына шулар ине. Нун улы Һошеяғҡа Муса Йушағ тигән исем ҡушты. Ҡәнғән ерен ҡарарға ебәргәндә Муса уларға былай тине: – Негев аша ул таулы илгә барығыҙ. Ниндәй ер икәнен, ниндәй халыҡ йәшәгәнен, көслөмө ул халыҡ, көсһөҙмө, күпме, әҙме – һәммәһен ҡарағыҙ. Йәшәгән ерҙәре уңайлымы, түгелме? Ҡалалары ниндәй? Халҡы ауылдарҙа йәшәйме, нығытмалы ҡалаларҙамы? Ерҙәре ниндәй – уңдырышлымы, түгелме? Урманы бармы, юҡмы? Ҡыйыу булығыҙ, ундағы емештәрҙе алып ҡайтығыҙ. Йөҙөм бешә башлаған мәл ине. Тәүҙә улар Цин сүленән алып Лево-Хамаҫ янындағы Реховҡа тиклемге ерҙәрҙе ҡарап сыҡты, унан Негевты үтеп Ғанаҡ тоҡомдары Ахиман, Шешай һәм Талмай йәшәгән Хевронға барып еттеләр. (Хеврон Мысыр ҡалаһы Соғандан ете йыл алда төҙөлгәйне.) Шунан Әшкол үҙәненә сыҡтылар, унда бер тәлгәшле йөҙөм ботағы ҡырҡып алдылар, уны ике кеше таяҡҡа аҫып йөрөттө. Анар емештәре һәм инжир ҙә алдылар. Был ерҙе Әшкол үҙәне тип атанылар, сөнки бында исраилдар йөҙөм тәлгәше ҡырҡып алды. Ерҙәрҙе ҡарап сыҡҡас, ҡырҡ көндән ҡайтып килделәр. Паран сүлендәге Ҡадешҡа, Муса, Һарун һәм бөтә Исраил йәмғиәте янына, әйләнеп ҡайтҡас, күргәндәрен һөйләп бирҙеләр, емештәрен күрһәттеләр. – Беҙ һин ебәргән ерҙәрҙә йөрөнөк, – тине улар Мусаға, – унда ысынлап та һөт менән бал ағып ята, бына уның емештәре. Әммә унда йәшәгән халыҡ көслө, ҡалалары ла ҙур, бик нығытылған. Ғанаҡ тоҡомдарын да күрҙек. Негевтың көньяғында ғәмәлектәр, таулыҡта хиттиҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр, әмөриҙәр, диңгеҙ эргәһендә һәм Иордан буйында ҡәнғәниҙәр йәшәй. Калев Мусаны уратып алған халыҡты тынысландырырға теләп: – Әйҙәгеҙ, барып һөжүм итәйек тә ул ерҙе яулап алайыҡ, көсөбөҙ етерлек, – тине. Тик уның менән бергә барғандар: – Беҙ ул халыҡҡа ҡаршы бара алмайбыҙ, сөнки ул беҙҙән көслөрәк, – тип ҡаршы төштө. Улар үҙҙәре ҡарап ҡайтҡан ер тураһында Исраил халҡы араһында насар хәбәр тарата башланы: – Беҙ ҡарап үткән ерҙәр үҙендә йәшәүселәрҙе йота икән. Унда беҙ осратҡан кешеләр әзмәүер кеүек. Бәһлеүәндәр затынан булған Ғанаҡ тоҡомдарын да күрҙек, улар эргәһендә беҙ сиңерткәләй генә инек. Уларға ла беҙ шулай булып күрендек. Бөтөн йәмғиәт тауыш ҡуптарҙы һәм халыҡ төнө буйы илап сыҡты. Исраилдар Муса менән Һарунға зарланды; бөтә йәмғиәт уларға: – Мысыр ерендә һәләк булһаҡ йә ошо сүллектә генә үлеп ҡалһаҡсы! Ни өсөн Раббы беҙҙе ул ергә алып бара һуң, беҙ ҡылыстан ҡыйылһын тиме икән? Ҡатындарыбыҙ, балаларыбыҙ дошманға табыш булыр инде. Мысырға әйләнеп ҡайтыу яҡшыраҡ булмаҫмы икән? Шунан бер-береһенә: – Үҙебеҙгә етәксе ҡуяйыҡ та Мысырға кире ҡайтайыҡ, – тип әйтә башланылар. Муса менән Һарун йыйылған барлыҡ Исраил йәмғиәте алдында йөҙтүбән ергә ҡапланды. Ерҙе ҡарап ҡайтҡандарҙан Нун улы Йушағ менән Йефунне улы Калев, өҫтөндәге кейемдәрен йыртҡыслай-йыртҡыслай, Исраил халҡы йәмғиәтенә былай тине: – Беҙ ҡарап сыҡҡан ерҙәр ифрат яҡшы. Әгәр Раббы беҙгә ҡарата миһырбанлы булһа, беҙҙе унда индерер, һөт һәм бал ағып ятҡан ул ерҙәрҙе беҙгә бирер. Фәҡәт Раббыға ҡаршы баш күтәрмәгеҙ. Ул ерҙәрҙең халҡынан ҡурҡмағыҙ. Беҙ уларҙы икмәк кеүек ашап бөтөрәсәкбеҙ. Яҡлаусылары уларҙы ташлап китте, ә беҙҙең менән – Раббы. Уларҙан ҡурҡмағыҙ! Бөтә йәмғиәт уларҙы таш менән бәргесләп үлтереүҙе талап итеп ярһыны. Әммә шул саҡ Раббының шөһрәте Осрашыу сатырында бөтә исраилдарға күренде. Раббы Мусаға былай тине: – Был халыҡ тағы күпме Минең йәнемде талар? Араларында күрһәткән мөғжизәләргә шаһит була тороп та, ҡасанға тиклем ул Миңә ышанмаҫ? Үләт ебәрермен Мин быларға, ҡырып һалырмын, ә һинән быларға ҡарағанда күберәк тә, көслөрәк тә халыҡ хасил итермен. Ләкин Муса Раббыға былай тине: – Был хаҡта мысырҙар ишетер бит. Ә Һин был халыҡты күпме көс һалып уларҙың араһынан алып сыҡтың. Улар был хаҡта Ҡәнғән ерендә йәшәгән халыҡҡа һөйләр. Йә Раббы, һинең был халыҡ араһында булыуыңды ла, Үҙең менән күрештереүеңде лә, ошо халыҡ өҫтөндә Һинең болотоң торғанын да, көндөҙ болот бағанаһы, ә төндә ут бағанаһы булып алдарынан барғаныңды ла ишетеп беләләр. Әгәр Һин был халыҡты бер кешеһен дә ҡалдырмай юҡ итеп бөтһәң, ул сағында Һинең хаҡта ишеткән ҡәүемдәр әйтер: «Раббы Үҙе ант менән вәғәҙә иткән еренә был халыҡты индерә алманы, шуға күрә уны сүллектә ҡырҙы», – тиер. Инде бөйөк Хакимым көсөн күрһәтһен ине! Һин Үҙең бит: «Раббы сикһеҙ түҙемле, оло мөхәббәтле, ғәйептәрҙе һәм енәйәттәрҙе ғәфү итеүсе, әммә язаһыҙ ҡалдырмаусы, ә аталарының ғәйебе өсөн балаларын өсөнсө-дүртенсе быуынға тиклем язалаусы», – тип әйткәйнең. Мысырҙан ошонда еткәнсе был халыҡты нисек ғәфү итә килһәң, хәҙер ҙә Үҙеңдең бөйөк мөхәббәтең хаҡына уларҙың гонаһын ярлыҡа! Раббы Мусаға былай тине: – Һинең үтенесең арҡаһында уларҙы ғәфү итәм. Әммә барлығым һәм Раббының бөтә донъяны тултырасаҡ шөһрәте менән ант итәм: шөһрәтемде, Минең Мысырҙа һәм сүллектә ҡылған мөғжизәләремде күреп тә, Мине ун тапҡыр һынаған, әйткәнемде тыңламаған әҙәмдәрҙең береһе лә Мин аталарына ант итеп вәғәҙә биргән ерҙе күрмәҫ. Ҡолом Калевты иһә, унда башҡа рух булғаны һәм дә бөтә булмышы менән Миңә эйәргәне өсөн, үҙе ҡарап ҡайтҡан ерҙәргә индерермен, ул ерҙәргә уның тоҡомо хужа булыр. Ғәмәлектәр менән ҡәнғәниҙәр үҙәндә йәшәй. Шуға күрә иртәгә боролоғоҙ ҙа Ҡамышлы диңгеҙ юлынан сүллеккә китегеҙ. Раббы Муса менән Һарунға былай тине: – Ҡасанға тиклем был яуыздар йәмғиәте Миңә зарланыр? Мин бит Исраил халҡының нисек һуҡранғанын ишетәм. Һин уларға әйт: «Барлығым менән ант итәм, һеҙ Минән көткән яуызлыҡтарҙы эшләрмен, – тип белдерә Раббы. – Кәүҙәләрегеҙ ошо сүллектә ятып ҡалыр, егерме йәштән алып иҫәпкә ингән өлкәндәрҙең бөтөнөһө Миңә һуҡранған өсөн ошонда ҡалыр. Мин ҡулымды күтәреп һеҙҙе йәшәтергә ант иткән ергә Йефунне улы Калев менән Нун улы Йушағтан башҡа бер кемде лә индермәм. Ә бына „дошмандарға табыш булыр инде“ тигән балаларығыҙҙы Мин унда индерермен, һеҙ баш тартҡан ерҙәрҙе улар белер. Ә һеҙгә килгәндә инде, кәүҙәләрегеҙ ошо сүллектә ятып ҡалыр. Балаларығыҙ ҡырҡ йыл буйы сүллек гиҙер, Миңә хыянат иткәнегеҙ өсөн һеҙ үлеп бөткәнсе ғазапланыр. Ул ерҙе ҡырҡ көн ҡарап йөрөнөгөҙ, бер көнгә бер йыл хисабынан гонаһтарығыҙ өсөн ҡырҡ йыл яза күрерһегеҙ. Минең һеҙҙән баш тартыуымдың ни икәнен шунда аңларһығыҙ. Мин – Раббы, һәм Миңә ҡаршы фетнә күтәргән был яуыз йәмғиәткә нәҡ әйткәнемсә эшләрмен: ошо сүллектә улар бөтәһе лә һәләк буласаҡ һәм үлеп бөтәсәк». Муса ер ҡарарға тип ебәргән, ҡайтып, бөтә йәмғиәтте насар хәбәрҙәре менән уға ҡаршы ҡотортҡан, күргән ерҙәре хаҡында яман һүҙ таратҡан бөтә кешеләр үлде, Раббы ебәргән үләттән ҡырылып бөттө. Ер ҡарарға барыусылар араһынан фәҡәт Нун улы Йушағ менән Йефунне улы Калев ҡына тере ҡалды. Муса бөтә исраилдарға ошо һүҙҙәрҙе еткергәс, халыҡ бик ҡаты ҡайғыға ҡалды. Иртәгәһенә таң менән тороп, таулы ил яғына киттеләр. Үҙҙәре: – Беҙ Раббы әйткән ул ергә барабыҙ. Беҙ гонаһ ҡылдыҡ, – тип һөйләнделәр. Муса уларға: – Ниңә Раббы бойороғона ҡаршы сығаһығыҙ? Барыбер уңышҡа ирешә алмаясаҡһығыҙ. Йөрөмәгеҙ, Раббы һеҙҙең менән түгел, шуға күрә дошмандарығыҙҙан еңеләсәкһегеҙ. Унда ғәмәлектәр менән ҡәнғәниҙәр һеҙгә ҡаршы тора, һеҙҙе улар ҡылыстан үткәрер, сөнки һеҙ Раббынан тайшандығыҙ, арағыҙҙа Раббы булмаясаҡ, – тип тә ҡараны. Ләкин улар барыбер таулы илгә барырға баҙнат итте. Ә Раббының Килешеү һандығы ла, Муса ла тупламда ҡалды. Таулыҡта йәшәгән ғәмәлектәр менән ҡәнғәниҙәр уларға ҡаршы төшөп тар-мар итте һәм арттарынан Хормаға тиклем баҫтырып барҙы. Раббы Мусаға былай тине: – Исраилдарға шуны еткер: Мин һеҙгә төйәкләнер өсөн биргән ергә барып йәшәй башлағас, эре йәки ваҡ малдан ут ҡорбаны – тотош яндырыу ҡорбаны, әйткән нәҙерҙе үтәү өсөн, йәки үҙ ихтыярығыҙ менән, йәки байрам уңайынан килтерелә торған ҡорбанды алып килегеҙ. Был ҡорбандарҙың хуш еҫе Раббыға күркәм булыр. Раббы өсөн был ҡорбан мотлаҡ икмәк саҙаҡаһы менән бергә килтерелһен. Был саҙаҡа бер эфа иң яҡшы бойҙай ононоң ундан бер өлөшөнә һалып болғатылған бер һин зәйтүн майының дүрттән бер өлөшөнән ғибәрәт. Тотош яндырыу һәм башҡа ҡорбан итеп килтерелгән һәр һарыҡ бәрәсе менән бергә, түкмә ҡорбан булараҡ, һиндың дүрттән бер өлөшө күләмендә шарап алығыҙ. Ә һарыҡ тәкәһен ҡорбан иткәндә, уға өҫтәп, бер һин зәйтүн майының өстән бер өлөшөн һалып болғатҡан бер эфа иң яҡшы бойҙай ононоң ундан ике өлөшөн икмәк саҙаҡаһы итеп килтерегеҙ. Түкмә ҡорбан булараҡ, һиндың өстән бер өлөшө күләмендә шарап килтерегеҙ. Быларҙы Раббыға күркәм хуш еҫ булһын өсөн тәҡдим итегеҙ. Нәҙерҙе үтәргә йәки татыулыҡ ҡорбанына Раббы өсөн тотош яндырыу йәки башҡа ҡорбан итеп үгеҙ әҙерләһәң, үгеҙ менән бергә, ярты һин зәйтүн майы һалып болғатылған бер эфа иң яҡшы бойҙай ононоң ундан өс өлөшөн икмәк саҙаҡаһы итеп, түкмә ҡорбан булараҡ, ярты һин шарап килтер. Был – ут ҡорбаны, Раббыға күркәм хуш еҫ. Үгеҙҙе, һарыҡ тәкәһен һәм һарыҡ йә кәзә бәрәсен ҡорбан итеп килтергәндә һәр ваҡыт шулай эшлә. Ҡорбан килтергән һәр осраҡта ҡорбанлыҡ малының һанына ҡарап эшләгеҙ. Исраил халҡынан булған һәр бер кеше Раббыға күркәм хуш еҫ булараҡ ут ҡорбаны килтергәндә ошо ҡағиҙәләрҙе тотһон. Әгәр берәй килмешәк йәки арағыҙҙа, йә киләсәк быуындарығыҙ араһында йәшәүселәрҙән берәйһе Раббыға күркәм хуш еҫ, ут ҡорбаны килтерергә теләһә, һеҙҙең һымаҡ эшләһен. Һеҙҙең өсөн дә, арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәр өсөн дә ҡағиҙә бер булһын. Был һеҙҙең өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә булһын. Һеҙ ҙә, килмешәк тә Раббы алдында тигеҙ. Һеҙҙең өсөн дә, арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәр өсөн дә ҡанун да, йолалар ҙа бер. Раббы Мусаға былай тине: – Исраилдарға еткер: Мин алып бараһы ергә аяҡ баҫҡас, ул ерҙең икмәген ашағанда Раббыға саҙаҡа бирегеҙ. Тәүге ҡамырҙан икмәк бешергәндә көлсәне саҙаҡа итегеҙ, уны ырҙын саҙаҡаһылай итеп бирегеҙ. Тәүге ҡамырҙан бешерелгән икмәк саҙаҡаһын быуындан-быуынға Раббыға бирегеҙ. хата йәмғиәттең белмәүе арҡаһында эшләнһә, бөтә йәмғиәт Раббыға күркәм хуш еҫ булараҡ тотош яндырыу ҡорбаны итеп тейешле булған икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбан менән кәмселекһеҙ бер үгеҙ башмаҡ, гонаһ ҡорбаны булараҡ бер кәзә тәкәһе килтерһен. Ҡаһин бөтә исраилдар йәмғиәтен пакландырыу йолаһын үткәрһен, һәм улар ғәфү ителер, сөнки белмәйенсә хата эшләнеләр; шул хата өсөн улар Раббыға ут ҡорбаны һәм Раббы хозурында гонаһ ҡорбаны килтерҙеләр. Барлыҡ Исраил йәмғиәте һәм улар араһында йәшәгән килмешәктәр ғәфү ителер, сөнки был бөтә халыҡтың хатаһы булғайны. Кем дә булһа берәү аңғармаҫтан гонаһ ҡылһа, бер йәшлек кәзәне гонаһ ҡорбаны итеп килтерһен. Ҡаһин Раббы алдында яңылыштан хата ебәргән кеше өсөн пакландырыу йолаһы үткәрер һәм был кеше ғәфү ителер. Ерле исраилдар өсөн дә, араларында йәшәгән килмешәктәр өсөн дә, әгәр улар яңылыштан берәй яҙыҡ эш ҡылһа, ҡанун бер булһын. Әгәр ерле халыҡ йә килмешәктәр белә тороп яҙыҡ эшкә барһа, ул Раббыны хурлай булыр: ундайҙар халҡы араһынан ҡыуылырға тейеш, сөнки Раббы һүҙен һанға һуҡмаған һәм Уның бойороғон үтәмәгән ул. Ундай кеше мотлаҡ ҡыуылһын, гонаһы үҙ өҫтөндә булыр. Сүлдә саҡта исраилдар шәмбе көн утын йыйып йөрөгән берәүгә юлыҡты. Шәмбе көн утын йыйып йөрөгән был әҙәмде Муса менән Һарун һәм бөтә йәмғиәт алдына тотоп килтерҙеләр. Уның менән ни ҡылырға икәнлеге хәл ителмәгәнлектән, һаҡ аҫтына ултырттылар. Раббы Мусаға былай тине: – Был кеше үлтерелергә тейеш. Уны тупламдан ситтә бөтә йәмғиәт таш бәреп үлтерһен. Теге әҙәмде бөтә йәмғиәт тупламдан ситкә алып сыҡты ла, Раббы Мусаға ҡушҡанса, таш бәреп үлтерҙе. Раббы Мусаға былай тине: – Исраил халҡына еткер: быуындан-быуынға кейемегеҙҙең итәк осона суҡ тағып йөрөгөҙ, һәр суҡҡа зәңгәр йөн еп ҡушылһын. Шуға ҡарап, һеҙ Раббының бөтә бойороҡтарын хәтерләрһегеҙ, уларҙы үтәрһегеҙ, күңелегеҙ йә күҙегеҙ аҙғынлығына эйәреп китеп, Миңә хыянат итмәҫһегеҙ. Ул саҡта Минең бөтә бойороҡтарымды иҫтә тотоп, ғәмәлгә ашырасаҡһығыҙ һәм Аллағыҙ хозурында изге булырһығыҙ. Аллағыҙ булыр өсөн Мин һеҙҙе Мысыр еренән алып сыҡтым. Мин Аллағыҙ Раббымын. Леви улы Ҡыһаҫтан тыуған Исһарҙың улы Ҡорах һәм Рәүвән нәҫеленән Әлиав улдары Даҫан менән Авирам, Пәләҫ улы Он Мусаға ҡаршы баш күтәрҙе. Уларға Исраил йәмғиәтенән ике йөҙ илле ир – йәмғиәт башлыҡтары, дәрәжәле кешеләр – ҡушылды. Бергәләшеп Муса менән Һарунға ҡаршы сыҡтылар ҙа: – Һеҙ хаттин ашып киттегеҙ! Йәмғиәттең һәр бер кешеһе изге, арабыҙҙа – Раббы! Ниңә һеҙ үҙегеҙҙе Раббы халҡынан өҫтөн ҡуяһығыҙ? – тинеләр. Быны ишетеп, Муса йөҙтүбән ергә ҡапланды. Һуңынан Ҡорах менән уның яҡлыларға былай тине: – Кем Уныҡы икәнлеген, кем Үҙенә яҡынайтырлыҡ изге икәнлеген иртәгә Раббы Үҙе күрһәтер. Кемде һайлап алһа, шуға Үҙенә яҡынайырға рөхсәт итер, – тине. – Ә һеҙ, Ҡорах һәм дә уның яҡлылар, бына нимә эшләгеҙ: һәммәгеҙ төтәҫләгес алығыҙ, иртәгә шуға ҡуҙ, ҡуҙ өҫтөнә Раббы хозурында хуш еҫле матдәләр һалығыҙ. Раббы кемде һайлаһа, шул изге булыр. Етер һеҙгә, Леви улдары! Муса Ҡорахҡа былай тип тә әйтте: – Леви улдары, тыңлағыҙ әле: Исраил Аллаһының һеҙҙе Исраил йәмғиәтенән айырып алғаны, Раббы сатырында хеҙмәт итһен, Раббы йәмғиәте алдында уға хеҙмәттә булһын тип, һеҙҙе Үҙенә яҡынайырға рөхсәт иткәне етмәйме ни? Ул һине, һинең менән бергә бөтә ағай-энеңде, Леви нәҫелен, Үҙенә яҡынайтты, ә һеҙ тағы ҡаһинлыҡ даулай башланығыҙ. Һин бит әле үҙең яҡлылар менән бергә Раббының Үҙенә ҡаршы сыҡтың. Һарун кем ул, уға ҡаршы һөйләнергә? Муса Әлиав улдары Даҫан менән Авирамды саҡыртырға ҡушты, ләкин былар килеүҙән баш тартты: – Һинең беҙҙе һәләк итер өсөн һөт менән бал аҡҡан ерҙән алып сыҡҡаның аҙмы ни? Инде хәҙер өҫтөбөҙҙән хакимлыҡ итергә теләйһең! Һин беҙҙе һөт һәм бал ағып ятҡан ергә килтерҙеңме, беҙгә баҫыуҙар һәм йөҙөм баҡсалары бирҙеңме? Кешеләрҙе һуҡыр тип уйлайһыңмы әллә? Бармайбыҙ һинең яныңа! Мусаның быға бик ныҡ асыуы килде лә Раббыға: – Уларҙың саҙаҡаһына илтифат итмә. Мин уларҙан хатта бер ишәк тә алманым, береһенә бер яманлыҡ ҡылманым, – тине. Муса Ҡорахҡа былай тине: – Иртәгә һин үҙең һәм һине яҡлап сыҡҡан бөтә кеше Раббы ҡаршыһына баҫығыҙ, Һарун да шунда булыр. Һәр берегеҙ төтәҫләгесегеҙҙе алығыҙ, уға һумала-майҙар һалығыҙ. Һәр кем үҙ төтәҫләгесен Раббы ҡаршыһына килтерһен, ике йөҙ илле төтәҫләгес булһын, һин дә үҙ төтәҫләгесеңде алып кил. Һарун да үҙ төтәҫләгесе менән килер. Һәр кем үҙенең төтәҫләгесенә ҡуҙ, өҫтөнә хуш еҫле матдәләр һалды, шунан Осрашыу сатыры алдына килеп баҫты. Муса менән Һарун да килде. Ҡорах Муса менән Һарунға ҡаршы үҙе яҡлыларҙы Осрашыу сатыры ауыҙына йыйғас, бөтә йәмғиәт алдында Раббының шөһрәте пәйҙә булды. Раббы Муса менән Һарунға былай тине: – Был йәмғиәттән ситкәрәк китегеҙ, Мин уларҙы күҙ асып йомғансы һәләк итәм. Тик Муса менән Һарун йөҙтүбән ергә ҡапланып: – Эй Аллабыҙ, бөтә йән эйәләренә һулыш биргән Алла! Бер кеше гонаһ ҡылды, ә Һин бөтә йәмғиәткә асыуланаһыңмы? – тип ялбарҙы. Раббы Мусаға былай тине: – Бөтә йәмғиәткә еткерегеҙ: Ҡорахтың, Даҫандың һәм Авирамдың сатырҙарынан ситкә китһендәр. Муса Даҫан менән Авирам эргәһенә йүнәлде, уның артынан Исраил аҡһаҡалдары эйәрҙе. Муса йәмғиәткә былай тине: – Был инабатһыҙ әҙәмдәрҙең гонаһтарына батып, улар менән бергә һәләк булмаҫ өсөн, сатырҙарынан ситкә китегеҙ, бер әйберҙәренә лә ҡағылмағыҙ. Халыҡ Ҡорах, Даҫан һәм Авирамдың сатырҙарынан ситкәрәк китте. Даҫан менән Авирам иһә ҡатындары, балалары һәм сабыйҙары менән сатырҙары алдына сығып баҫты. Муса былай тине: – Хәҙер был эштәрҙе башҡарыр өсөн мине Раббы ебәргәнен, быларҙы үҙ ихтыярым менән эшләмәгәнемде белерһегеҙ. Әгәр улар ҡәҙимге кеше шикелле вафат булһа, тәҡдирҙәре башҡа кешеләрҙеке кеүек булһа, тимәк, мине Раббы ебәрмәгән. Әгәр инде Раббы ғәҙәттән тыш ғәмәл ҡылып, ер ауыҙын асһа һәм уларҙы барлыҡ мөлкәттәре менән бергә йотһа, улар тереләй үлеләр донъяһына төшһә, был кешеләрҙең Раббынан ваз кискәнен аңларһығыҙ. Мусаның ошо һүҙҙәрҙе әйтеүе булды, тегеләр аҫтында ер ярылып китте. Ер ауыҙын асты ла уларҙы, ғаиләләрен, Ҡорах яҡлыларҙы һәм бөтә мал-мөлкәтен йотто. Бөтә әйберҙәре менән улар тереләй үлеләр донъяһына төштө. Ер ауыҙын япты һәм улар халыҡ араһынан юҡ булды. Әйләнә-тирәлә торған бар исраилдар, быларҙың аҡырышҡанын ишетеп: – Ер беҙҙе лә йотоп ҡуймағайы, – тиешеп, ситкә ҡасты. Раббының хозурынан ут сығып, хуш еҫле матдәләр килтергән теге ике йөҙ илле ирҙе лә һәләк итте. Раббы Мусаға былай тине: – Һарун улы Әлғазар ҡаһинға әйт, янғын урынында төтәҫләгестәрҙе, ҡуҙҙарын ситкә түгеп, йыйып алһын, сөнки улар изге. Ҡылған гонаһтары өсөн үлтерелгән был бәндәләрҙең төтәҫләгестәре табаҡ-табаҡ итеп сүкелеп, ҡорбан усағын көпләүгә тотонолһон. Был төтәҫләгестәр Раббы ҡаршыһына килтерелгәнлектән, изгеләнде. Исраил халҡына иҫкәртеү билдәһе булып торһон улар. Әлғазар ҡаһин ут яндырған кешеләрҙең баҡыр төтәҫләгестәрен йыйып алды, уларҙы ҡорбан усағын көпләр өсөн табаҡ-табаҡ итеп сүкеп йәйҙеләр. Раббының Муса аша әйткәне ғәмәлгә ашты. Һарун тоҡомона ҡарамаған берәү ҙә Раббы ҡаршыһында хуш еҫле матдәләр төтәтә күрмәһен, Ҡорах һәм уның яҡлылар менән булған хәл ҡабатланмаһын өсөн, исраилдарға киҫәтеү булды был. Иртәгәһенә бөтә Исраил йәмғиәте: – Раббының халҡын һеҙ үлтерҙегеҙ, – тип Муса менән Һарунға ябырылды. Бөтә йәмғиәт Муса менән Һарунға ҡаршы сығыр өсөн йыйылышып Осрашыу сатыры яғына йүнәлгәс, ҡараһалар – сатырҙы болот ҡаплаған һәм Раббы шөһрәте пәйҙә булған. Муса менән Һарун Осрашыу сатыры алдына килде. Раббы Мусаға: – Был йәмғиәттән ситкә китегеҙ, Мин уларҙы һә тигәнсе һәләк итәм, – тине. Ләкин улар йөҙтүбән ергә ҡапланды. Муса Һарунға: – Бар, төтәҫләгес алып, уға ҡуҙ, һумала-майҙар һал да йәһәт кенә йәмғиәт алдына алып бар, улар өсөн пакландырыу йолаһын үткәр, сөнки Раббы асыуланды, үләт ҡырғыны башланды, – тине. Һарун йәһәт кенә Муса әйткәнде алды ла халыҡ яғына йүгерҙе, халыҡҡа үләт төшә башлағайны инде. Һарун хуш еҫле матдәләрҙе ҡуҙ өҫтөнә һалып, халыҡты пакландырыу йолаһын үтәне. Ул тереләр менән үлеләр араһына баҫты – ҡырғын туҡталды. Был үләттән, Ҡорах менән һәләк булғандарҙан тыш, ун дүрт мең ете йөҙ кеше һәләк булды. Ҡырғын туҡталғас, Һарун Осрашыу сатыры ауыҙына Муса эргәһенә ҡайтты. Раббы Мусаға былай тине: – Исраилдарға әйт, һәр ырыуҙың башлығы берәрҙән һиңә йәмғеһе ун ике таяҡ бирһен, һәр таяҡҡа башлыҡтың исемен яҙып ҡуй. Левиҙең таяғына Һарундың исемен яҙ. Һәр ырыу башлығынан бер таяҡ бирелергә тейеш. Таяҡтарҙы Осрашыу сатырындағы Мин һеҙҙең менән осраша торған Килешеү һандығы алдына ҡуй. Кемде һайлаһам, шуның таяғы сәскә атыр. Мин Исраил халҡының һеҙгә һуҡраныуын шулай туҡтатырмын. Муса был һүҙҙәрҙе исраилдарға еткерҙе, һәм ырыу башлыҡтарының һәр береһе биргән таяҡтан барлығы ун ике таяҡ йыйылды, Һарун таяғы ла шулар араһында ине. Муса таяҡтарҙы Килешеү сатырына Раббы ҡаршыһына һалды. Иртәгәһенә Муса Килешеү сатырына инһә, ни күрә: Һарундың таяғы – Леви нәҫеленең таяғы – бөрөләнеп, сәскә атҡан, шунан баҙам сәтләүеге өлгөргән! Муса, бөтә таяҡтарҙы ла Раббы ҡаршыһынан алып, халыҡ алдына сыҡты. Быны һәммәһе лә күрҙе. Ырыу башлыҡтарынан һәр кем үҙ таяғын таратып алды. Раббы Мусаға былай тине: – Һарундың таяғын, фетнәселдәргә билдә итеп, улар Миңә һуҡранып үлемгә дусар булмаһын өсөн, Килешеү һандығы алдына ҡабат һаҡлауға һал. Муса шулай итте, Раббы нимә бойорһа, шуны эшләне. Исраилдар Мусаға былай тине: – Бына, беҙ үләбеҙ, һәләк булабыҙ, барыбыҙ ҙа харап була! Раббы сатырына яҡын килгән һәр кем үлә. Барыбыҙ ҙа үлеп бөтөрмө икән ни? Раббы Һарунға былай тине: – Изге урынға ҡағылышлы бөтә етешһеҙлектәр өсөн һин үҙең, улдарың һәм тотош атаң нәҫеле яуаплы. Ҡаһин вазифаһын үтәгәндәге етешһеҙлектәр өсөн фәҡәт һин һәм улдарың ғәйепле булыр. Атайың ырыуынан булған ҡәрҙәштәреңде, Леви ырыуын, үҙ яныңа ал. Улар һинең эргәлә булһын, һин улдарың менән Килешеү сатыры алдында хеҙмәт иткәндә улар һиңә ярҙам итһен. Улар һинең ҡул аҫтыңда сатыр хеҙмәтен башҡарһын, әммә Изге урындың әйберҙәренә лә, ҡорбан усағына ла яҡын килә күрмәһен – харап булырҙар, һеҙҙе лә харап итерҙәр. Улар һиңә ярҙамлашһын, Осрашыу сатырында хеҙмәт итеп, ундағы бөтә эште башҡарһын. Ә сит-яттан берәү ҙә һеҙгә яҡын килмәһен. Бынан һуң Исраил халҡына асыуым төшмәһен өсөн Изге урын һәм ҡорбан усағы эргәһендәге эшкә һеҙ яуаплы. Бына Мин исраилдар араһынан Леви ырыуынан булған ҡәрҙәштәрегеҙҙе һеҙгә бүләк итеп һайлап алдым. Улар, Осрашыу сатырында хеҙмәт итһендәр өсөн, Раббыға бағышлана. Әммә ҡорбан усағы янында һәм пәрҙә артындағы бөтә нәмәгә ҡарата бары тик һин һәм улдарың ғына ҡаһинлыҡ хеҙмәтен атҡарығыҙ. Һеҙгә Мин бүләк итеп ҡаһинлыҡ хеҙмәтен бирәм. Изге урынға һеҙҙән башҡа кем генә яҡынлашһа ла, үлемгә дусар ителһен. Раббы Һарунға былай тине: – Миңә килтерелгән бөтә ҡорбан-саҙаҡаларҙы күҙәтеүҙе һиңә тапшырам. Исраилдарҙың бөтә изге ҡорбан-саҙаҡаларын мәңгелек өлөш итеп һиңә һәм һинең улдарыңа бирәм. Изгеләрҙән-изге ҡорбандарҙан – яндырылмай торғанынан Миңә тип килтерелгән бөтә икмәк саҙаҡаһы, гонаһ һәм ғәйеп ҡорбандары һинеке. Изгеләрҙән-изге был ҡорбандар – һиңә һәм дә уландарыңа. Уларҙы иң изге ҡорбан булараҡ ашарһығыҙ. Уны тик ир затынан булғандар ғына ашай ала. Был өлөш һинең өсөн изге булыр. Килтерелгән ҡорбан-саҙаҡаларҙан һиңә тағы ла ошолар тейеш: исраилдарҙың бөтә һелкетмә ҡорбандарын Мин мәңгелек өлөш итеп һиңә, һинең улдарыңа, ҡыҙҙарыңа бирәм. Йортоңдағы һәр пак кеше уларҙы ашай ала. Раббыға килтерелгән тәүге уңыш саҙаҡаларын – зәйтүн майының, яңы шараптың һәм ашлыҡтың иң яҡшыһын – Мин һиңә бирәм. Ерҙә үҫтерелгән һәм Раббыға килтерелгән тәүге уңыштың һәммәһе һинеке булыр. Йортоңдағы бөтә пак кеше уны ашай ала. Исраил ерендә Раббыға бағышланған бөтә нәмә һинеке булһын. Инә ҡарынының Раббыға тәғәйенләнгән тәүге иркәк емешен – кешеләрҙеке лә, мал-тыуарҙыҡы ла – һинеке. Әмма беренсе булып тыуған ир бала, хәләл булмаған малдың беренсе булып тыуған иркәк балаһы йолом түләп кире һатып алынырға тейешле. Йолом хаҡы былай: бер айы тулған бала өсөн изге шекелгә күрә биш шекел көмөш ал. Бер шекелдә – егерме гера. Әммә һыйыр малының беренсе иркәк быҙауы, һарыҡ-кәзәнең беренсе тәкә бәрәсе өсөн йолом алма: улар изге. Уларҙың ҡанын ҡорбан усағына һирп, эс майын яндыр. Был ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ. Күтәреп һелкетелгән түш ите менән алғы уң бото кеүек уларҙың ите лә – һиңә. Исраилдарҙың Раббыға килтергән бөтә изге ҡорбан-саҙаҡаларын һиңә һәм һинең улдарың менән ҡыҙҙарыңа мәңгелек өлөш итеп бирәм. Был – һинең һәм һинең тоҡомоң менән Раббы араһында төҙөлгән мәңгелек тоҙ килешеүе. Раббы Һарунға былай тине: – Исраилдар ерендә һинең биләмәң булмаҫ, улар араһында өлөшөң дә булмаҫ. Исраилдар араһында һинең өлөшөң дә, биләмәң дә – Мин. Бына Мин Леви нәҫеленә бөтә хеҙмәттәре, Осрашыу сатырында эш башҡарғандары өсөн Исраилда килтерелгән бөтә ҡорбан-саҙаҡаларҙың унынсы өлөшөн бирәм. Бынан ары исраилдар Осрашыу сатырына яҡын килмәһен, юғиһә улар гонаһ ҡылыуҙа ғәйепле булыр һәм үлер. Осрашыу сатырында бары тик левиҙәр хеҙмәт итһен һәм бөтә етешһеҙлек өсөн ғәйепте үҙҙәренә алһын. Был һеҙҙең өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә булһын. Исраилдар араһында левиҙәрҙең ер биләмәһе булмаҫ. Уның урынына левиҙәргә өлөш булараҡ исраилдар Раббыға саҙаҡа итеп килтергән унынсы өлөштө бирәм, шуға ла уларға: «Исраилдар араһында уларға ер биләмәһе бирелмәҫ», – тип әйттем. Раббы Мусаға былай тине: – Левиҙәргә шуны еткер: исраилдарҙан Мин һеҙгә тип биргән унынсы өлөштө алғас, шуның унынсы өлөшөн Раббыға саҙаҡа итегеҙ. Биргәнегеҙ ырҙындан яңы уңыш ашлығы һәм йөҙөм һыҡҡыстан алынған тәүге һут һымаҡ һеҙҙең иҫәпкә һаналыр, ошолай итеп, исраилдарҙан алынған бөтә унынсы өлөштән һеҙ ҙә үҙ саҙаҡағыҙҙы Раббыға бирерһегеҙ. Был өлөштө Һарун ҡаһинға килтерегеҙ. Һеҙгә бүләк ителгән бөтә нәмәнең иң яҡшы өлөшөн – иң изге өлөштө саҙаҡа итеп Раббыға бирегеҙ. Левиҙәргә әйт: ундан бер өлөштөң иң яҡшы өлөшөн Раббыға биргәндән һуң ҡалғаны ырҙындан килтерелгән ашлыҡ йәки йөҙөм һыҡҡыстан сыҡҡан тәүге һут һымаҡ һаналыр. Һеҙ һәм ғаиләгеҙ уны һәр урында ашай алаһығыҙ, сөнки был – Осрашыу сатырындағы хеҙмәтегеҙҙең хаҡы. Шулай эшләһәгеҙ, гонаһ ҡылыуҙа ғәйепле булмаҫһығыҙ. Иң яҡшы өлөштө бүлеп бирәһегеҙ икән, исраилдарҙың изге ҡорбандары нәжесләнмәҫ һәм һеҙ үлмәҫһегеҙ. Раббы Муса менән Һарунға былай тине: – Раббы исраилдарға еткерергә ҡушҡан ҡанундың бер ҡағиҙәһе ошондай булыр: муйынына һис ҡасан ҡалып кейҙерелмәгән кәмселекһеҙ ерән тананы һиңә килтерһендәр. Уны Әлғазар ҡаһинға бирегеҙ, ул тананы тупламдан сығарһын, тананы ҡаһин алдында салһындар. Әлғазар ҡаһин, бармағын тананың ҡанына манһын да Осрашыу сатырының алғы яғына ете тапҡыр һирпһен. Уның күҙ алдында тананы яндырһындар: тиреһен дә, итен дә, ҡанын да, нәжесен дә яндырып бөтһөндәр. Ҡаһин кедр таяғы, майағас үләне, ут-ҡыҙыл еп алһын да янып ятҡан тана өҫтөнә ырғытһын. Шунан ҡаһин кейемдәрен һыу менән йыуһын, ғөсөл ҡойонһон, һуңынан тупламға инә ала, ләкин ул кискә тиклем нәжес һаналыр. Тананы яндырған кеше лә кейемдәрен һыу менән йыуһын, ғөсөлләнһен, ул да кискә тиклем нәжес һаналыр. Таҙаларҙан берәйһе, яндырылған тананың көлөн йыйып алып, тупламдан ситтә таҙа урынға һалһын. Көлдө исраилдар йәмғиәте таҙарыныу һыуы әҙерләү өсөн һаҡлаһын. Ул ҡорбан гонаһ өсөн килтерелде. Тана көлөн йыйған кеше лә өҫтөндәге кейемдәрен йыуһын, ул да кискә тиклем нәжес һаналыр. Был исраилдарға ла, улар араһында йәшәгән килмешәктәргә лә мәңгелек ҡағиҙә булһын. Кем мәйеткә ҡағыла, шул ете көн нәжес булыр. Ул таҙарыныу һыуы менән өсөнсө һәм етенсе көндәрҙә таҙарынһа, таҙа булыр. Әгәр өсөнсө һәм етенсе көндәрҙә таҙарынмаһа – таҙа булмаҫ. Мәйеткә ҡағылған һәр кем, таҙарынмаһа, Раббы торлағын нәжесләр; бындай кеше Исраил халҡы араһынан ҡыуылыр, сөнки уға таҙарыныу һыуы һирпелмәне, ул нәжес, нәжес килеш ҡалыр. Бына ҡанун: әгәр берәйһе сатырҙа вафат булһа, унда ингән һәм эсендә булған һәр кем ете көн буйы нәжес һаналыр. Ҡапҡас менән ябылмаған һәр һауыт нәжесләнер. Ялан-ҡырҙа ҡылыстан үткәрелгән йәки үҙ үлеме менән вафат булған кеше мәйетенә, кеше һөйәгенә йәки ҡәбергә ҡағылған һәр кем ете көн нәжес булыр. Гонаһ өсөн яндырылған теге ҡорбан көлөн алһындар ҙа, һауытҡа һалып, уға тере, йәғни ағын һыу ҡойһондар. Таҙаларҙан берәйһе, майағасты ошо һыуға манып, шуның менән сатырға, сатырҙағы һауыттарға, кешеләрғә, шулай уҡ кеше һөйәгенә йәки үлтерелгән, үҙ үлеме менән вафат булған кеше мәйетенә йәки ҡәбергә ҡағылғандарға һирпһен. Таҙа кеше өсөнсө һәм етенсе көндәрҙә әлеге һыуҙы нәжес кеше өҫтөнә һирпһен – шул рәүешле етенсе көндә уны нәжестән таҙарындырыр. Нәжес әҙәм кейемдәрен һыу менән йыуһын, йыуынһын һәм кискә таҙа булыр. Нәжесләнгән әҙәм үҙен таҙарындырмаһа, халыҡ араһынан ҡыуылыр, сөнки ул Раббының Изге торлағын нәжесләне. Уға таҙарыныу һыуы теймәгәс, ул нәжес. Исраилдар өсөн был – мәңгелек ҡағиҙә. Таҙарыныу һыуы һирпкән кеше лә кейемдәрен йыуһын; таҙарыныу һыуына ҡағылған әҙәм дә кискә тиклем нәжес булыр. Нәжес кеше ҡағылған һәр нәмә нәжес булыр; ул әйберҙәргә ҡағылған кеше лә кискә тиклем нәжес һаналыр. Беренсе айҙа бөтә Исраил йәмғиәте Цин сүленә килеп етте һәм Ҡадешта туҡталды. Шунда Мирйәм вафат булды, уны Ҡадешта ерләнеләр. Бында халыҡ өсөн һыу юҡ ине, шуға күрә бергәләшеп Муса менән Һарунға ҡаршы сыҡтылар. Халыҡ Мусаны былай тип ғәйепләне: – Уф, беҙ ҙә теге саҡта, туғандарыбыҙ һымаҡ, Раббы ҡаршыһында үлгән булһаҡсы! Ни өсөн һеҙ Раббы халҡын был сүлгә алып килдегеҙ, үҙебеҙ ҙә, мал-тыуарыбыҙ ҙа ҡырылһын типме ни? Нишләп беҙҙе Мысырҙан алып сыҡтығыҙ ҙа был насар урынға алып килдегеҙ? Ере сәсеүгә ярамай, инжир ҙә, йөҙөм дә, анар емештәре лә үҫмәй, хатта эсәр һыуы ла юҡ! Муса менән Һарун халыҡ эргәһенән Осрашыу сатырына табан йүнәлде, унда сәждәгә йығылды. Бына шул саҡ алдарында Раббы шөһрәте пәйҙә булды. Раббы Мусаға былай тине: – Таяғыңды ал да Һарун ағайың менән бөтә йәмғиәтте йыйығыҙ. Халыҡтың күҙе алдында ҡаяға өндәшегеҙ, ҡая һеҙгә һыу бирер. Шулай итеп, ҡаянан һыу сығарып, халыҡҡа ла, мал-тыуарға ла һыу эсерерһең. Раббы ни бойорһа, Муса шуны эшләне, ҡулына таяғын алды. Муса менән Һарун халыҡты ҡая янына йыйҙы. – Эй фетнәселәр, һеҙгә ошо ҡаянан һыу сығарайыҡмы? – тип һораны ул халыҡтан. Муса ҡулын күтәрҙе лә ҡая ташҡа таяғы менән ике мәртәбә һуҡты – унан шарлап һыу аға башланы, кешеләр ҙә, мал-тыуар ҙа туйғансы һыу эсте. Раббы Муса менән Һарунға былай тине: – Миңә етерлек кимәлдә ышанмағанығыҙ һәм исраилдар алдында Минең мөҡәддәслегемде иҫбатламағанығыҙ өсөн, был халыҡты һеҙ Мин уларға бирәсәк ергә алып инмәйәсәкһегеҙ. Был һыу Мерива тип аталды, сөнки уның янында исраилдар Раббыға дәғүә белдерҙеләр, Раббы иһә уларға мөҡәддәслеген күрһәтте. Муса Ҡадештан Эдом батшаһына илселәр ебәреп, ошо үтенесен еткерергә ҡушты: – Һиңә туғандарың – Исраил халҡы мөрәжәғәт итә: беҙҙең иңгә ниндәй михнәттәр төшкәнен беләһең. Ата-бабаларыбыҙ Мысырға күскәйне. Унда беҙ бик оҙаҡ йәшәнек. Мысыр халҡы ата-бабаларыбыҙ менән дә, беҙҙең менән дә насар мөғәмәлә итте. Беҙ Раббыға ялбарҙыҡ – Ул ишетте, фәрештәһен ебәрҙе, беҙҙе Мысырҙан алып сыҡты. Бына беҙ хәҙер Ҡадешта, һинең илдең сигендәге ҡалала. Беҙгә ерең аша үтергә рөхсәт ит, зинһар. Баҫыуҙарығыҙ һәм йөҙөм баҡсаларығыҙ аша үтмәбеҙ, ҡоҙоҡтарығыҙҙан һыу эсмәбеҙ, Батша юлы буйлап ҡына барырбыҙ. Ерҙәреңде уҙып киткәнсе уңға ла, һулға ла ҡайырылмабыҙ. Эдом батшаһы риза булманы: – Ерем аша үтмә, юғиһә ҡаршығыҙға ҡылыс менән сығырбыҙ, – тине. Исраил халҡы уға: – Беҙ оло юл буйлап ҡына барырбыҙ. Әгәр үҙебеҙ һәм дә малыбыҙ һыуыңды эсһәк, хаҡын түләрбеҙ. Йәйәүләп кенә үтербеҙ, һис бер зыян килтермәбеҙ, – тип инәлде. Эдом батшаһы күнмәне: – Үтмә минең еремдән, – тине һәм күп һанлы көслө ғәскәрен исраилдарҙың юлына арҡыры сығарып ҡуйҙы. Шулай итеп, Эдом халҡы исраилдарға үҙ ерҙәре аша үтергә рөхсәт бирмәне, һәм исраилдар икенсе яҡтан китергә булды. Бөтә Исраил йәмғиәте Ҡадештан сыҡты ла Һор тауына килде. Раббы Муса менән Һарунға Һор тауында, Эдом ерҙәре сигендә, былай тине: – Һарундың үлеп, ата-бабалары янына күсер ваҡыты етте. Мерива һыуҙары буйында бойороғома ҡаршы килгәнегеҙ өсөн Һарун Мин Исраил халҡына бирәсәк ергә аяҡ баҫмаясаҡ. Һарун менән уның улы Әлғазарҙы эйәртеп, Һор тауына мен. Һарундың ҡаһин кейемдәрен систереп, Әлғазарға кейҙер. Һарун шунда вафат булыр һәм ата-бабалары менән ҡауышыр. Муса Раббы бойорғанса эшләне. Бар йәмғиәт алдында Һор тауына киттеләр. Муса, Һарундың кейемдәрен систереп, улы Әлғазарға кейҙерҙе. Һарун шунда тау башында вафат булды. Муса менән Әлғазар тауҙан төштө. Бөтә йәмғиәт Һарундың донъя ҡуйғанын белде. Тотош Исраил халҡы утыҙ көн буйына Һарун өсөн ҡайғырып илашты. Негевта йәшәгән ҡәнғәниҙәрҙең Ғарад төбәге батшаһы, исраилдарҙың Аҫарим юлынан килгәнен ишетеп, уларға һөжүм итте һәм бер нисәүһен әсиргә алды. Исраилдар иһә Раббыға нәҙер әйтте: «Әгәр шул халыҡты беҙҙең ҡулыбыҙға бирһәң, уларҙың ҡалаларын харам ҡылып, тулыһынса юҡ итербеҙ», – тинеләр. Раббы исраилдарҙы ишетте һәм Ҡәнғән халҡын уларға тапшырҙы. Исраилдар уларҙың үҙҙәрен дә, ҡалаларын да харам ҡылды. Шуға күрә был урын Хорма тип аталды. Һор тауынан улар, Эдомды урап үтергә тип, Ҡамышлы диңгеҙ буйлап китте. Юлда халыҡ түҙемлеген юғалта башланы. Улар Аллаға һәм Мусаға ҡаршы һөйләнергә тотондо: – Беҙҙе ни өсөн Мысырҙан алып сыҡтығыҙ, сүллектә үлеп ҡалһындар типме? Бында ни икмәк, ни һыу юҡ, әлеге мөсһөҙ генә аҙығыбыҙ тамам бүктерҙе, – тинеләр. Шул саҡ Раббы халыҡҡа ағыулы йыландар ебәрҙе. Исраилдар араһынан күптәрҙе йылан сағып үлтерҙе. Халыҡ Мусаға килде: – Раббыға ла, һиңә лә ҡаршы телләшеп, гонаһ ҡылдыҡ беҙ. Раббынан ялбарып һора әле, Ул беҙҙән йыландарҙы алһын. Муса, халыҡ хаҡына доға ҡылып, Раббыға ялбарҙы. Раббы Мусаға былай тине: – Үҙеңә йылан һыны яһап ал, уны оҙон бер таяҡҡа тағып ҡуй, сағылған әҙәм уға ҡараһа, тере ҡалыр. Муса баҡыр йылан яһаны, уны таяҡҡа тағып ҡуйҙы һәм йыландан сағылыусылар, баҡыр йыланға ҡарап, тере ҡалды. Исраилдар бара-бара, Овоҫҡа килеп туҡтаны. Овоҫтан китеп, Ғийе-Һағаваримда, Моавтың көнсығышындағы сүлдә сатыр ҡорҙолар. Унан ары Зеред үҙәнендә туҡтанылар. Ул урындан китеп, Арнон йылғаһы аръяғында, әмөриҙәр сигендә, урынлаштылар. Арнон Моав менән әмөриҙәр ере араһындағы сик буйлап аға ине. Бынан Беерға ҡарай киттеләр. Раббының Мусаға: «Халыҡты йый, уларға һыу бирермен», – тигән ҡоҙоғо бына ошо була инде. Ул мәлдә исраилдар былай тип йырланы: «Эй ҡоҙоҡ, һыу менән тул! Ҡоҙоҡ хаҡында йырлағыҙ! Һин – башлыҡтар ҡаҙған, Хөкөмдарлыҡ таяҡтары, юл таяҡтары менән Халыҡтың арҙаҡлылары ҡаҙған ҡоҙоҡ». Исраилар сүллектән Маттанаға йүнәлде, Маттананан – Нахалиилға, Нахалиилдан – Бамоҫҡа, Бамоҫтан Йешимон сүлендә ҡалҡып торған Писга тауына табан Моав ерендәге үҙәнлеккә юлландылар. Сихон исраилдарға үҙ биләмәләре аша үтергә рөхсәт бирмәне, ғәскәрен йыйып уларға ҡаршы сүллеккә сыҡты ла Яһаста һөжүм итте. Әммә исраилдар Сихон ғәскәрен еңде һәм Арнон йылғаһынан Яббоҡ йылғаһына, Ғаммон халҡы биләмәләренең сиктәренә тиклемге ерҙәрен тартып алды, ә ғаммондарҙың сиге бик нығытылған ине. Исраилдар әмөриҙәрҙең барлыҡ ҡалаларын алды, Хешбонда һәм уның тирә-яғындағы ауылдарҙа урынлашты. Хешбон әмөри батшаһы Сихондың ҡалаһы ине. Сихон, Моавтың элекке батшаһы менән һуғышып, уның Арнонға тиклемге бөтә ерҙәрен баҫып алғайны. Шуға ла шағирҙар былай ти: «Хешбонға килегеҙ, Әйҙә яңынан төҙөлһөн, Сихондың ҡалаһы нығынһын. Сөнки ут сыҡты Хешбондан, Ялҡын сыҡты Сихон ҡалаһынан, Моавтың Ғар ҡалаһын ялманы, Арнондағы табыныу ҡалҡыулыҡтарының Хужаларын ялмап юҡ итте. Ҡайғы һиңә, Моав! Һәләк булдың, Кемошҡа табынған халыҡ! Тырым-тырағай ҡасты улдары, Ә ҡыҙҙары әсирлеккә төштө Әмөри батшаһы Сихонға. Уларҙы беҙ уҡтан үткәрҙек. Хешбондан Дивонғаса һәләк булды барыһы. Медеваға, Нофахҡа тиклем ерҙәрен Беҙ бушлыҡҡа әйләндерҙек». Шулай итеп, исраилдар әмөриҙәр ерендә төпләнде. Муса Яғзер ҡалаһын ҡарап ҡайтырға тип кешеләрен ебәрҙе. Шунан исраилдар был ҡала менән тирә-яғындағы ауылдарҙы баҫып алдылар, унда йәшәгән әмөриҙәрҙе ҡыуҙылар. Артабан исраилдар, бынан боролоп, Башанға бара торған юл менән китте. Башан батшаһы Ғоғ менән бөтә ғәскәре Әдрәғи ҡалаһы янында уларға ҡаршы һуғышырға сыҡты. Раббы Мусаға: – Һин унан ҡурҡма, – тине, – сөнки Мин уны барлыҡ халҡы һәм ерҙәре менән ҡулыңа тапшырам. Әмөриҙәрҙең Хешбонда йәшәгән батшаһы Сихон менән ни ҡылдың, бында ла шулай эшләрһең. Исраилдар Ғоғты, уның улдарын һәм бөтә ғәскәрен һуңғы кешеһенә тиклем ҡырып, ерҙәренә хужа булды. Исраилдар юлдарын дауам итте һәм Иордан аръяғында, Йерихо ҡалаһы ҡаршыһында, Моав тигеҙлегенә етеп туҡтаны. Сиппор улы Балаҡ исраилдарҙың әмөриҙәргә ни ҡылғанын күргәйне. Исраилдар бик күп булғанлыҡтан, моавтар ҡурҡыуға ҡалды. Исраилдарҙан ҡоттары алынған моавтар Мидйән аҡһаҡалдарына былай тине: – Был өйөр, баҫыуҙы һыпырып ашап торған үгеҙгә оҡшап, тирә-яғыбыҙҙа һәммәһен ҡыра лабаһа. Сиппор улы Балаҡ ул ваҡытта Моав батшаһы ине. Ул илселәрен тыуған яғына, Евфрат йылғаһын һыулаған Пеҫор ҡалаһына, Беғор улы Билғамды ярҙамға саҡырырға ебәрҙе: – Бына, Мысырҙан бер халыҡ сыҡты ла бөтә ер йөҙөн ҡапланы, – тип әйтергә ҡушты уға. – Был халыҡ минең йәнәштә генә төпләнде. Бында килеп, минең өсөн ошо халыҡты ҡарға әле, сөнки ул минән көслөрәк. Һин ҡарғыш яуҙырһаң, бәлки, мин уны еңә һәм еремдән ҡыуып сығара алырмын. Шуны беләм: һин кемде фатихалаһаң – шул фатихалы, кемде ҡарғаһаң, шул ҡарғышлы була. Моав менән Мидйән аҡһаҡалдары, ырым-сихыр өсөн түләү хаҡы алып, Билғамға килделәр һәм Балаҡтың һүҙҙәрен еткерҙеләр. Билғам уларға былай тине: – Был төндө ошонда ҡунығыҙ, Раббы миңә ни тиһә, шуны яуап итеп һеҙгә әйтермен. Моав вәзирҙәре Билғам янында ҡалды. Алла Билғам эргәһенә килде лә һораны: – Яныңдағы кешеләр кемдәр ул? Билғам Аллаға былай тип яуап бирҙе: – Миңә уларҙы Моавтың батшаһы Балаҡ Сиппор улы ебәргән. «Бына, Мысырҙан бер халыҡ сыҡты, ер йөҙөн ҡаплап алды. Бында кил дә уны минең өсөн ҡарға, бәлки, шул сағында мин уның менән алыша һәм еремдән ҡыуып сығара алырмын», – тип әйтергә ҡушҡан. Алла Билғамға былай тине: – Быларға эйәреп йөрөмә, теге халыҡты ҡарғама, сөнки ул фатихалы халыҡ. Билғам иртә менән торҙо ла Балаҡтың вәзирҙәренә: – Үҙ ерегеҙгә ҡайтығыҙ, Раббы миңә һеҙҙең менән барырға рөхсәт итмәй, – тине. Моав башлыҡтары, Балаҡ янына ҡайтып, уға: – Билғам беҙҙең менән килергә риза булманы, – тинеләр. Балаҡ беренсе барғандарға ҡарағанда ла дәрәжәлерәк вәзирҙәрен, тағы ла күмәгерәк итеп, Билғамға йәнә ебәрҙе. Улар Билғамға килде лә: – Сиппор улы Балаҡ һиңә былай тип еткерергә ҡушты: «Миңә килеүҙән баш тартмасы. Мин һиңә бик тә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтермен, нимә әйтһәң, шуны эшләрмен. Кил, зинһар, был халыҡты минең өсөн ҡарға», – тине. Ләкин Билғам Балаҡтың илселәренә былай тип яуап бирҙе: – Балаҡ хатта алтын-көмөш тулы йортон бирһә лә, Аллам Раббының бойороғона ҡаршы төшә алмайым, бәләкәй генә эш тә, ҙур ғәмәл дә ҡыла алмайым шул. Хәйер, һеҙ ҙә бында ҡунып китегеҙ. Раббы ни әйтер икән – тағы белешермен. Алла төндә Билғам эргәһенә килде лә былай тине: – Был кешеләр һине саҡырырға килгән икән, тор ҙа улар менән бар, тик Мин һиңә нимә ҡушһам, шуны ғына эшлә. Иртән Билғам торҙо, ишәген эйәрләп менде лә Моав башлыҡтары менән китте. Әммә ул барғанға Алланың асыуы ҡабынды һәм Раббы фәрештәһе Билғамдың ҡаршыһына сығып баҫты. Билғам, ишәккә атланып, ике хеҙмәтсеһен эйәртеп, юл буйлап килә ине. Ишәк юлда ҡылыс тотоп торған Раббы фәрештәһен күргәс, боролоп баҫыуға инеп китте. Билғам, уны юлға сығармаҡ булып, һуҡҡыслай башланы. Унан һуң Раббы фәрештәһе ике йөҙөм баҡсаһы араһынан үткән юлдың иң тар еренә сығып баҫты, ике яғынан да – йөҙөмлөктө кәртәләгән ҡойма. Ишәк, Раббы фәрештәһен күреп, ҡоймаға һыйынды һәм Билғамдың аяғын ҡуша ҡыҫты. Хужаһы ишәкте тағы ла һуҡҡыслай башланы. Раббы фәрештәһе бынан да тарыраҡ урынға барып баҫты, унан уңға ла, һулға ла тайшанырлыҡ түгел ине. Ишәк, Раббы фәрештәһен күреп, Билғам менән ҡуша ергә ятты. Асыуы ҡабарған Билғам ишәкте таяҡ менән туҡмарға тотондо. Шунда Раббы ишәккә тел бирҙе, һәм ишәк Билғамдан: – Минең һиңә ни зыяным тейҙе? Инде өсөнсө тапҡыр мине туҡмайһың, – тип һораны. – Мине мыҫҡыл иткәнең өсөн туҡмайым, әгәр ҡулымда ҡылыс булһа, шунда уҡ һине үлтерер инем, – тип яуапланы Билғам. Ишәк иһә Билғамға: – Ғүмер баҡый менеп йөрөгән ишәгең түгелме ни мин? Ошондай ғәҙәтем бар инеме һуң? – тине. Билғам: – Юҡ, – тип яуап бирҙе. Раббы Билғамдың күҙен асты, ул юлда ҡылыс тотҡан Раббы фәрештәһенең баҫып торғанын күрҙе. Билғам тубыҡланып йөҙтүбән ергә ҡапланды. Уға Раббы фәрештәһе былай тине: – Ниңә һин ишәгеңде инде өс тапҡыр туҡманың? Мин һине туҡтатырға тип сыҡтым, сөнки миңә был Раббы ихтыярынан тыш тотҡан юлың оҡшамай. Ишәгең, мине күреп, өс тапҡыр тайшанды, әгәр ул минән тайшанмаһа, һине үлтерер, ә уны тере ҡалдырыр инем. Билғам Раббы фәрештәһенә былай тине: – Гонаһлымын, юлымда мине туҡтатырға теләп һин торғанды белмәнем. Әгәр һин хуп күрмәйһең икән, кире ҡайтам. Раббы фәрештәһе Билғамға былай тине: – Был кешеләр менән бар, тик мин һиңә нимә әйтәм, уларға шуны ғына һөйлә. Шулай итеп, Билғам Балаҡ башлыҡтары менән юлын дауам итте. Билғам килгәнен ишетеп, Балаҡ Моавтың сигендә Арнон буйындағы бер ҡалаға уны ҡаршы алырға килде. Балаҡ Билғамға: – Һине саҡырып, кешеләр ебәрмәнемме ни мин? Ниңә килмәнең? Һиңә лайыҡлы ҡәҙер-хөрмәт күрһәтә алмаҫ тинеңме әллә? – тине. Билғам Балаҡка: – Бына бит, килдем, тик үҙемдән ни ҙә булһа әйтә аламмы ни инде? Алла телемә ни һалһа, шуны ғына һөйләрмен. Билғам Балаҡ менән юлға сыҡты һәм Ҡыръяҫ-Хусоҫҡа килеп етте. Балаҡ ҡорбан итеп үгеҙҙәр һәм һарыҡтар салдырҙы, Билғамға һәм уның менән булған вәзирҙәргә ит ебәртте. Икенсе көндө иртән Балаҡ Билғамды эйәртте лә уны Бамоҫ-Бәғел ҡалҡыулығына алып менде. Бынан Исраил халҡының бер өлөшө күренә ине. Билғам Балаҡка былай тине: – Ошонда миңә ете ҡорбан усағы ҡор, ете үгеҙ башмаҡ менән ете һарыҡ тәкәһе әҙерлә. Балаҡ Билғам ҡушҡанса эшләне. Улар һәр усаҡта берәр башмаҡ менән һарыҡ тәкәһен ҡорбан итеп яндырҙы. Билғам Балаҡка: – Һин яндырған ҡорбаның эргәһендә тороп тор, ә мин китәйем, бәлки, Раббы ҡаршыма сығыр. Ул нимә тиһә, шуны һиңә килеп әйтермен, – тине. Унда Билғам бер яланғас ҡалҡыулыҡ башына менде. Унда Алла Билғам менән осрашты. Билғам Уға былай тине: – Ете ҡорбан усағы ҡорҙом, һәр ҡайһыһына берәр башмаҡ менән һарыҡ тәкәһе ҡуйҙым. Раббы Билғамдың теленә тейешле һүҙҙе һалды ла уға: – Балаҡ янына бар ҙа уға ошо хәбәрҙе еткер, – тип бойорҙо. Бына Билғам әйләнеп килде. Балаҡ менән Моав башлыҡтары яндырылған ҡорбан янында тора ине. Билғам пәйғәмбәрлек итте: «Балаҡ мине Арамдан, Моав батшаһы көнсығыштағы тауҙарҙан саҡырҙы. „Кил, минең өсөн ләғнәт уҡы Яҡупҡа, Кил, Исраилға ҡарғыш һал!“ – тине. Алла ләғнәтләмәгәнде, Мин нисек ләғнәтләйем? Раббы ҡарғамағанға Нисек ҡарғыш һалайым? Ҡая баштарынан күрәм уны, Ҡалҡыулыҡтарҙан ҡарайым уға: Был халыҡ башҡаларҙан айырым йәшәй, Бүтән ҡәүемдәр менән ҡушылмай. Ҡом бөртөгөләй күмәк Яҡуп нәҫелен кем һанап сығыр? Исраилдың дүртенсе өлөшөн кем иҫәпләй алыр? Үлһәм ине намыҫлылар үлеме менән, Ахырым уларҙыҡылай булһа ине!» Балаҡ Билғамға: – Ни эшләйһең һин минең менән? Мин һине дошманымды ҡарғаһын тип саҡырҙым, ә һин уны фатихалайһың, – тине. Билғам: – Раббы телемә һалғанды мин һүҙмә-һүҙ еткерергә тейеш түгелме ни? – тип яуап бирҙе. Балаҡ уға: – Әйҙә, башҡа урынға барайыҡ, шунан уларҙы күрерһең, тик тотош түгел, бер өлөшөн генә. Шунан тороп, ул халыҡты минең өсөн ҡарғарһың, – тине лә, уны Писга тауы түбәһенә, бағауыл торған урынға, алып китте. Унда ете ҡорбан усағы ҡорҙо, һәр береһендә берәрҙән ете башмаҡ менән ете һарыҡ тәкәһен ҡорбан итте. Билғам Балаҡҡа былай тине: – Һин ошонда яндырған ҡорбаның эргәһендә тороп тор, ә мин барып Алла менән осрашайым. Раббы Билғам менән осрашты ла, теленә тәғәйен һүҙҙе һалып, былай тине: – Балаҡ янына бар ҙа уға ошо хәбәрҙе еткер. Билғам кире килгәндә, Балаҡ Моав башлыҡтары менән бергә яндырылған ҡорбан эргәһендә тора ине. Балаҡ унан: – Раббы нимә тине? – тип һораны. Билғам, пәйғәмбәрлек итеп, былай тине: «Эй Балаҡ, тор ҙа тыңла мине, Әйткәндәремә ҡолаҡ һал, Сиппор улы. Алла кеше түгел, Ул алдамай, Һүҙенән кире ҡайтырға әҙәм түгел. Ул һөйләр ҙә эшләмәҫме? Әйткәнен ғәмәл итмәҫме? Бына фатиха бирергә бойороҡ алдым, Ул фатиха бирҙе – мин быны үҙгәртә алмайым. Бәлә-ҡаза күренмәй Яҡуп нәҫелендә, Исраилда бәхетһеҙлек тойолмай. Раббылары Алла – улар менән, Уны үҙҙәренең батшаһы итеп сәләмләйҙәр. Алла уларҙы Мысырҙан алып сыҡты, Сүл үгеҙенекеләй ғәйрәт Унда. Яҡуп нәҫеленә ҡаршы торор сихыр ҙа юҡ, Исраил халҡына ҡаршы күрәҙәлек тә файҙаһыҙ. Ваҡыты еткәс, Яҡуп һәм Исраил халҡы хаҡында: „Бына нимә ҡылды Алла!“ – тиерҙәр. Ана, был халыҡ инә арыҫландай ҡуҙғала, Хас та арыҫлан һымаҡ ҡалҡына, Табышын ашап бөтмәйенсә, Ҡорбанының ҡанын эсеп туймайынса Ул тынысланмаясаҡ». Балаҡ Билғамға былай тине: – Улайһа һин уны ҡарғама ла, фатихалама ла. Билғам Балаҡҡа: – Раббы ни ҡуша, шуны эшләрмен тип әйтмәнемме ни мин һиңә? – тип яуап ҡайтарҙы. Балаҡ Билғамға былай тине: – Әйҙә, һине башҡа урынға алып барам, бәлки, Аллаға хуш булып, шунан тороп ҡарғарһың теге халыҡты? Балаҡ Билғамды Йешимон сүленә ҡарап торған Пеғор тауы башына алып менеп китте. Билғам Балаҡҡа былай тине: – Ошонда миңә ете ҡорбан усағы ҡор, ете башмаҡ менән ете һарыҡ тәкәһе әҙерлә. Балаҡ Билғам ҡушҡанса эшләне, һәр ҡорбан усағында берәрҙән ете башмаҡ менән ете һарыҡ тәкәһен ҡорбан итте. Билғам, Раббыға Исраилды фатихалау фарыз икәнлеген күреп, был юлы ишара эҙләп торманы, сүллеккә ҡарай йөҙөн борҙо. Билғам ырыу-ырыу булып урынлашҡан Исраил халҡын күрҙе. Шунда Билғамға Алла рухы иңде һәм ул пәйғәмбәрлек итергә тотондо: «Беғор улы Билғам һөйләй, Күҙе асыҡ кеше һөйләй. Алла һүҙҙәрен ишеткән, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең күрһәткәнен күргән; Ергә ҡапланһа ла, күҙе асыҡ булған заттың әйткәне: „Эй Яҡуп нәҫеле, сатырҙарың, Эй Исраил, торлаҡтарың ниндәй күркәм! Йәйрәп ятҡан йәшел үҙән кеүек улар, Йылға буйындағы баҡсаларҙай, Раббы ултыртҡан йөҙйәшәр ҡыуаҡлығы Һыу буйындағы кедр урманылай. Ботаҡтарынан һыу тамып торор, Орлоҡтары мул һыу менән һуғарылыр, Батшаһы уның Агагтан да өҫтөн булыр, Уның батшалығы юғары күтәрелер. Алла уларҙы Мысырҙан алып сыҡты, Сүл үгеҙенекеләй ғәйрәт Унда, Дошман булған халыҡтарҙы ашап бөтә, Һөйәктәрен уларҙың онтаҡлай, Уғы менән ҡырып һала. Ата арыҫландай ятыр, инә арыҫландай – Уны ҡалҡытырға кем һуң баҙнат итер? Һине фатихалаусы булыр фатихалы, Һине ҡарғаусы – ҡарғалһын!“» Балаҡтың Билғамға асыуы ҡабарҙы, ул ҡулын ҡулға һуғып былай тине: – Мин һине дошмандарымды ҡарғарға саҡырҙым, ә һин бына өсөнсө тапҡыр инде уларҙы фатихалайһың. Ана бара юлың, ҡәҙер-хөрмәт итергә теләгәйнем, ләкин һине Раббы ундай хөрмәттән мәхрүм итте! Бына үҙ яғыма ҡайтып китергә торам, кил, был халыҡтың һуңынан һинең халҡың менән ни ҡылырын һөйләп китәйем, – тине. Билғам йәнә пәйғәмбәрлек итергә тотондо: «Беғор улы Билғам һөйләй, Күҙе асыҡ кеше һөйләй, Алла һүҙҙәрен ишеткән һөйләй, Юғарыларҙан Юғарының ихтыярына эйәргән, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе күрһәткәнде күргән зат һөйләй, Ергә ҡапланһа ла, күҙе асыҡ әҙәмдең һүҙе: „Уны мин күрәм, әммә әле түгел; Күрәм уны, тик яҡындан түгел. Йондоҙ ҡалҡыр Яҡуп нәҫеленән, Исраил халҡынан – хакимлыҡ таяғы. Моавтың сикәһен ҡыра һуғыр, Шеҫ улдарының баш түбәһен иҙер. Дошманы Эдом баҫып алыныр, Сеғир ҙа дошмандары аҫтында булыр, Исраил көсәйгәндән көсәйер. Яҡуп нәҫеленән сыҡҡан кеше хаким булыр, Ҡалаларҙа тере ҡалғандарҙы юҡ итер“». Шунан һуң Билғам Ғәмәлек халҡына ҡараны ла пәйғәмбәрлек ҡылып әйтте: «Ҡәүемдәр араһында ғәмәлек – беренсе, Тик уны ла көтә һәләкәт». Артабан ул ҡыниҙарға күҙ төшөрҙө лә улар хаҡында пәйғәмбәрлек итте: «Торлағың ныҡ һинең, Ояң ҡаяла ҡоролған. Ләкин туҙҙырылырһың һин Ҡаин халҡы, Ашшур һине әсирлеккә алып киткәс». Шунан пәйғәмбәрлек һүҙен әйтте: «Аһ, Алла ошоларҙы ғәмәл ҡылғас, Кемдәр генә иҫән ҡалыр икән? Киттимдән караптар килер, Ашшурҙы ла, Ғевәрҙе лә ауыҙлыҡлар; Тик уларға ла һәләкәт килер!» Шунан Билғам тороп тыуған иленә ҡайтырға сыҡты, Балаҡ та үҙ юлына китте. Шиттимдә йәшәгәндә исраилдар Моав ҡыҙҙары менән бутала башланы. Ҡыҙҙар уларҙы үҙ илаһтарына килтерелгән ҡорбан табындарына саҡырҙы, халыҡ шул ҡорбан ризыҡтарын ашаны, уларҙың илаһтарына баш эйҙе. Исраилдар Пеғор Бәғеленә табына башланы. Раббының шул арҡала исраилдарға асыуы ҡабарҙы. Раббы Мусаға былай тине: – Халыҡтың бөтә башлыҡтарын йый ҙа, уларҙы көн яҡтыһында Раббы алдында үлтереп аҫып ҡуй, шунан Раббының исраилдарға булған ярһыуы баҫылыр. Муса Исраил башлыҡтарына: – Һәр берегеҙ үҙ кешеләрегеҙ араһында Пеғор Бәғеленә табынғандарҙың бөтәһен дә үлтерегеҙ, – тине. Бына Муса менән бөтә Исраил йәмғиәте Осрашыу сатыры алдында ҡайғыға батып илашҡан ваҡытта, исраилдарҙан берәү үҙенең туғандары эргәһенә мидйән ҡатынын алып ҡайтты. Һарун ҡаһиндың улы Әлғазарҙан тыуған Пинхас, быны күреп, йәмғиәт араһынан ҡуҙғалды һәм ҡулына һөңгө алды ла баяғы исраил ире артынан сатыр эсенә инде һәм икеһен дә, исраилды ла, ҡатынды ла ҡорһаҡтарына сәнсеп үлтерҙе. Ошонан һуң исраилдарҙың үләттән ҡырылыуы туҡталды. Үләттән һәләк булғандарҙың һаны егерме дүрт мең кеше ине. Раббы Мусаға былай тине: – Һарун ҡаһиндың улы Әлғазарҙан тыуған Пинхас Минең исраилдарға төшкән асыуымды баҫты. Ул исраилдар араһында башҡа илаһтарға табыныуға түҙеп торманы, юғиһә Мин ярһыуымдан уларҙы юҡ итеп бөтөргән булыр инем. Шуға күрә уға әйт: Мин уның менән именлек килешеүе төҙөйөм. Был килешеү буйынса Үҙ Аллаһы хаҡына башҡа илаһтарға түҙеп тормағаны, исраилдарҙы пакландырғаны өсөн Мин уға һәм уның бөтә тоҡомона мәңгелеккә ҡаһинлыҡ вазифаһы бирәм. Мидйән ҡатыны менән бергә үлтерелгән исраил кешеһе Салу улы Зимри исемле булып, Шимғон ырыуы нәҫелдәренең береһенең башлығы ине. Мидйән ҡатынының исеме иһә Козби, ул мидйән ҡәбиләһе башлығы Сурҙың ҡыҙы ине. Раббы Мусаға былай тине: – Мидйәндәр менән дошманлашығыҙ, ҡырығыҙ! Сөнки улар һеҙгә дошманлыҡ ҡылып, Пеғорҙағы ваҡиға аша һеҙҙе юлдан яҙҙырҙы. Бынан тыш, Пеғорҙа үләт хакимлыҡ иткән көндө үлгән ҡыҙ ҡәрҙәштәре – мидйәндәрҙең ҡәбилә башлығының ҡыҙы Козби – менән әүрәтеп, һеҙҙең менән мәкерле эш итте. Үләттән һуң, Раббы Муса менән Һарун улы Әлғазар ҡаһинға былай тине: – Исраил йәмғиәтенең бөтә улдары, егерме йәше тулғандар һәм унан өлкәндәр араһынан, бөтә нәҫел-нәсәбе буйынса, исраилдарҙың һуғышҡа яраҡлыларын иҫәпләгеҙ. Моав тигеҙлегендә, Иордан буйында, Йерихо ҡаршыһында Муса менән Әлғазар ҡаһин халыҡҡа былай тине: – Раббының Мусаға биргән бойороғон үтәп, егерме йәше тулып уҙған бөтә ир затын иҫәпләгеҙ. Бына Мысыр еренән сыҡҡан Исраил улдары: Исраилдың баш балаһы – Рәүвән. Рәүвән улдары: Ханохтан – Ханох нәҫеле, Паллуҙан – Паллу нәҫеле, Хесрондан – Хесрон нәҫеле, Кармиҙан – Карми нәҫеле. Рәүвәндәрҙең нәҫелдәре бына шулар. Иҫәпкә алынғандарҙың һаны ҡырҡ өс мең ете йөҙ утыҙ кеше булды. Паллуҙың улы – Әлиав. Әлиавтың улдары – Немуил, Даҫан һәм Авирам. Даҫан менән Авирам, халыҡ башлыҡтарынан булып, Ҡорах яҡлылар менән бергә Мусаға һәм Һарунға ҡаршы сыҡҡайны һәм Раббыға ҡаршы баш күтәргәйне. Шул ваҡытта ер, ярылып китеп, уларҙы йотҡайны – Ҡорах һәм уның яҡлылар һәләк булғайны. Ике йөҙ илле кешене ялҡын көйҙөрөп үлтергәйне һәм улар иҫкәртеүсе билдә булғайны. Ләкин Ҡорахтың улдары үлмәгәйне. Нәҫелдәренә күрә шимғондар: Немуилдан – Немуил нәҫеле, Яминдан – Ямин нәҫеле, Яхиндан – Яхин нәҫеле, Зерахтан – Зерах нәҫеле, Шаулдан – Шаул нәҫеле. Шимғон нәҫелдәренән иҫәпкә алынғандар барлығы егерме ике мең ике йөҙ кеше булды. Нәҫелдәренә күрә Ғад улдары: Сефондан – Сефон нәҫеле, Хаггиҙан – Хагги нәҫеле, Шуниҙан – Шуни нәҫеле, Озниҙан – Озни нәҫеле, Ғериҙан – Ғери нәҫеле, Ародтан – Арод нәҫеле, Арелиҙан – Арели нәҫеле. Ғад улдарының нәҫелдәренән иҫәпкә алынғандар барлығы ҡырҡ мең биш йөҙ кеше булды. Йәһүҙәнең улдары Ғер һәм Онан. Улар Ҡәнғән ерендә үлеп ҡалғайны. Нәҫелдәренә күрә йәһүҙиҙәр: Шеланан – Шела нәҫеле, Пәрәстән – Пәрәс нәҫеле, Зерахтан – Зерах нәҫеле. Пәрәс улдары: Хесрондан – Хесрон нәҫеле, Хамулдан – Хамул нәҫеле. Йәһүҙә нәҫелендә иҫәпкә алынғандар барлығы етмеш алты мең биш йөҙ кеше булды. Нәҫелдәренә күрә Исасхар улдары: Толағтан – Толағ нәҫеле, Пуанан – Пуа нәҫеле, Яшувтан – Яшув нәҫеле, Шимрондан – Шимрон нәҫеле. Исасхар нәҫелендә иҫәпкә алынғандар барлығы алтмыш дүрт мең өс йөҙ кеше булды. Нәҫелдәренә күрә зевулундар: Сәрәдтән – Сәрәд нәҫеле, Элондан – Элон нәҫеле, Яхлеилдан – Яхлеил нәҫеле. Зевулун нәҫелендә иҫәпкә алынғандар барлығы алтмыш мең биш йөҙ кеше булды. Нәҫелдәренә күрә Йософ улдары: Менашше менән Әфраим. Менашше улдары: Махирҙан Махир нәҫеле таралды, Ғилғәд Махирҙан тыуҙы. Ғилғәдтән – Ғилғәд нәҫеле. Былар Ғилғәд улдары: Иғәзәрҙән – Иғәзәр нәҫеле, Хелеҡтан – Хелеҡ нәҫеле, Асриилдан – Асриил нәҫеле, Шәхәмдән – Шәхәм нәҫеле, Шемидағтан – Шемидағ нәҫеле, Хефәрҙән – Хефәр нәҫеле. Хефәр улы Селофхадтың улдары булманы, ҡыҙҙары ғына бар ине. Селофхад ҡыҙҙарының исемдәре Махла, Ноға, Хогла, Милка һәм Тирса булды. Менашше нәҫелендә иҫәпкә алынғандар барлығы илле ике мең ете йөҙ кеше ине. Нәҫелдәренә күрә Әфраим улдары: Шуҫелахтан – Шуҫелах нәҫеле, Бәхәрҙән – Бәхәр нәҫеле, Тахандан – Тахан нәҫеле. Шуҫелах улдары: Ғерандан – Ғеран нәҫеле. Нәҫелдәренә күрә Әфраим улдарының иҫәпкә алынғандары барлығы утыҙ ике мең биш йөҙ кеше булды. Нәҫелдәренә күрә Йософ улдары шулар. Нәҫелдәренә күрә Бинйәминдәр: Белағтан – Белағ нәҫеле, Ашбелдан – Ашбел нәҫеле, Ахирамдан – Ахирам нәҫеле, Шефуфамдан – Шефуфам нәҫеле, Хуфамдан – Хуфам нәҫеле. Белағтың улдары Ард һәм Нағаман исемле ине. Ардтан – Ард нәҫеле, Нағамандан – Нағаман нәҫеле. Нәҫелдәренә күрә Бинйәмин улдары шуларҙан ғибәрәт. Иҫәпкә алынғандар барлығы ҡырҡ биш мең алты йөҙ кеше ине. Нәҫелдәренә күрә Дан улдары: Шухамдан – Шухам нәҫеле. Былар – Дандан таралған нәҫелдәр. Шухам нәҫелендә иҫәпкә алынғандар барлығы алтмыш дүрт мең дүрт йөҙ кеше ине. Нәҫелдәренә күрә Ашер улдары: Имнанан – Имна нәҫеле, Ишуиҙан – Ишуи нәҫеле, Бериғанан – Бериға нәҫеле. Бериға улдары: Хәвәрҙән – Хәвәр нәҫеле, Малкиилдан – Малкиил нәҫеле. Ашерҙың Сәрах исемле ҡыҙы бар ине. Нәҫелдәренә күрә ашерҙарҙың иҫәпкә алынғандары барлығы илле өс мең дүрт йөҙ кеше булды. Нәҫелдәренә күрә Нафтали улдары: Яхсеилдан – Яхсеил нәҫеле, Гуниҙан – Гуни нәҫеле, Йесәрҙән – Йесәр нәҫеле, Шиллемдан – Шиллем нәҫеле. Нәҫелдәренә күрә нафталиҙар шуларҙан ғибәрәт, иҫәпкә алынғандары барлығы ҡырҡ биш мең дүрт йөҙ кеше булды. Шулай итеп, Исраил йәмғиәтендә иҫәпкә алынған ир-ат һаны алты йөҙ бер мең ете йөҙ утыҙ кеше булды. Раббы Мусаға былай тине: – Ер ырыуҙарҙағы кешеләр һанына ҡарап бүленергә тейеш. Күберәк һанлыларға ҙурыраҡ өлөш бирелһен, әҙерәктәргә – бәләкәйерәк өлөш. Һәр ырыуға иҫәп алынғандар һанына ярашлы өлөш бүленһен. Ерҙе йәрәбә һалып бүлеү фарыз, биләмә ере ырыуҙағы кешеләр һанына ҡарап бүленһен. Күп һанлыларға ла, аҙ һанлыларға ла йәрәбәгә сыҡҡан ер бирелһен. Нәҫелдәренә күрә иҫәпкә алынған левиҙәр: Гершондан – Гершон нәҫеле, Ҡыһаҫтан – Ҡыһаҫ нәҫеле, Мерариҙан – Мерари нәҫеле. Ливни, Хеврон, Махли, Муши, Ҡорах нәҫелдәре лә Леви ырыуыныҡылар. Ҡыһаҫ – Ғамрамдың атаһы. Ғамрамдың ҡатыны Йохәвәд Левиҙең Мысырҙа тыуған ҡыҙы ине. Йохәвәд Ғамрамға Һарунды, Мусаны һәм уларҙың һеңлеһе Мирйәмде табып бирҙе. Һарундан Надав, Авиһу, Әлғазар һәм Иҫамар донъяға килде. Әммә Надав менән Авиһу Синай сүлендә Раббы хозурына Ул рөхсәт итмәгән утты килтергән өсөн харап булғайны. Леви ырыуында бер айлыҡтан башлап ир затынан йәмғеһе егерме өс мең кеше иҫәпкә алынғайны. Ләкин улар исраилдар менән бергә һаналманы, сөнки исраилдар араһында уларға биләмәгә ер бирелергә тейеш түгел ине. Муса менән Әлғазар ҡаһин исраилдарҙы Моав тигеҙлегендә Иордан буйындағы Йерихо ҡаршыһында һанаған саҡта иҫәпкә ингәндәр бына шулар булды. Әммә улар араһында Муса менән Һарун ҡаһин Синай сүлендә һанаған исраилдарҙың береһе лә юҡ ине, сөнки Раббы, улар сүлдә үлеп ҡалыр, тип әйткәйне. Шулай итеп, Йефунне улы Калев менән Нун улы Йушағтан башҡа, уларҙың береһе лә иҫән ҡалманы. – Атайыбыҙ сүлдә үлеп ҡалды, ләкин Ҡорах яҡлылар менән Раббыға ҡаршы күтәрелгәндәр араһында түгел ине. Ул үҙ гонаһы өсөн үлде. Уның ир балалары булманы. Улы булмаған өсөн атайыбыҙҙың исеме нәҫеленән юғалып ҡалырға тейешме ни? Атайыбыҙҙың туғандары араһында беҙгә лә өлөш бирһәңсе! Уларҙың эшен Муса Раббыға еткерҙе. Раббы Мусаға былай тине: – Селофхад ҡыҙҙары хаҡ һөйләй. Уларға аталарының туғандары араһында биләмәгә ер бир, аталарының биләмәһе уларға күсһен. Исраилдарға иғлан ит: әгәр берәйһе мәрхүм булһа һәм ир балаһы ҡалмаһа, биләмәһен ҡыҙҙарына бирһендәр. Әгәр ҡыҙы ла юҡ икән, биләмәһен туғандарына бирһендәр. Туғандары ла юҡ икән, атаһының туғандарына бирегеҙ. Улары ла юҡ икән, биләмәһен уның нәҫеленән иң яҡын зат-зәүеренә мираҫ итеп тапшырығыҙ. Раббының Мусаға әмер итеүенсә, Исраил халҡына бирелгән ҡанун-ҡағиҙә шундай булһын. Раббы Мусаға былай тине: – Ғаварим тауына мен дә Мин исраилдарға бирәсәк ерҙе ҡара. Уны күргәндән һуң, ағайың Һарун кеүек, һин дә ата-бабаларың менән ҡауышырһың. Сөнки һеҙ икегеҙ ҙә Цин сүлендә, халыҡ Миңә ҡаршы сыҡҡанда, Мин әйткәнде тыңламанығыҙ, уларҙың күҙ алдында Минең мөҡәддәслегемде иҫбатламанығыҙ. Был Цин сүлендәге Мерива-Ҡадеш һыуҙары янында булғайны. Муса Раббыға былай тине: – Эй Раббым, бөтә йән эйәһенә һулыш биргән Алла, был йәмғиәт өҫтөнән башлыҡ итеп лайыҡлы кешене ҡуйһаң ине! Ул кеше халыҡтың алдына сығырлыҡ, халыҡҡа үтеп инерлек, халыҡты алып сығырлыҡ һәм халыҡты әйҙәп алып барып еткерерлек булһын, Раббы йәмғиәте көтөүсеһеҙ ҡалған һарыҡ көтөүеләй булмаһын ине. Раббы Мусаға былай тине: – Нун улы Йушағты үҙ яныңа ал, унда Минең Рухым бар. Ҡулыңды уның башына һал, Әлғазар ҡаһин ҡаршыһына, бөтә йәмғиәт алдына баҫтыр ҙа бөтәһе алдында уға етәкселекте тапшыр. Бөтөн Исраил йәмғиәте уны тыңлаһын өсөн уға хакимлыҡ ҡөҙрәтеңдән өлөш сығар. Ул бөтә эште Әлғазар ҡаһин менән кәңәшләшеп эшләһен. Ә Әлғазар урим ярҙамында Йушағ өсөн Минең ихтыярымды белешәсәк. Йушағ үҙе лә, уның менән бергә Исраил йәмғиәте лә Минең һүҙем буйынса юлға сығыр һәм кире әйләнеп ҡайтыр. Муса Раббы бойорғанса эшләне. Йушағты алып килеп, Әлғазар ҡаһин менән бөтә йәмғиәт ҡаршыһына ҡуйҙы. Ҡулын уның башына һалды, үҙенә Раббы бойорғанса, уға етәкселекте тапшырҙы. Раббы Мусаға былай тине: – Исраилдарға бойороғомдо еткер: Минең ут ҡорбандарым өсөн ризыҡты, Миңә күркәм булған хуш еҫте ваҡытында килтерегеҙ. Уларға әйт: «Һеҙ Раббыға бирергә тейешле ут ҡорбаны ошо: Раббыға даими тотош яндырыу ҡорбаны булараҡ, һәр көн берәр йәшлек кәмселекһеҙ ике тәкә бәрәс килтерһендәр. Бәрәстәрҙең береһе иртәнсәк, икенсеһе кис ҡорбан ителһен. Бәрәс менән бергә эфаның ундан бер өлөшө күләмендә иң яҡшы бойҙай онона һиндың дүрттән бер өлөшө күләмендә ҡул менән һығылған зәйтүн майы ҡушып, икмәк саҙаҡаһы килтерегеҙ. Был, Синай тауында ғәмәлгә индерелгән даими тотош яндырыу ҡорбаны, Раббыға күркәм хуш еҫ – ут ҡорбаны. Һәр бәрәс менән бергә, түкмә ҡорбан булараҡ, һиндың дүрттән бер өлөшө күләмендә шарап килтерегеҙ, Раббыға бағышлап Изге урында шарап түгегеҙ. Иртәнге кеүек, шундай уҡ икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбан менән икенсе бәрәсте кискеһен ҡорбан итеп килтерегеҙ – хуш еҫе Раббыға күркәм ут ҡорбаны ул. Шәмбе көн берәр йәшлек кәмселекһеҙ ике тәкә бәрәс менән түкмә ҡорбан һәм эфаның ундан ике өлөшө күләмендә иң яҡшы бойҙай онона зәйтүн майы ҡушылған икмәк саҙаҡаһы килтерегеҙ. Был даими тотош яндырыу ҡорбандарынан һәм уның түкмә ҡорбанынан тыш, шәмбе һайын башҡарыла торған тотош яндырыу ҡорбаны булыр. Яңы ай башында ике үгеҙ башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе, берәр йәшлек ете бәрәсте Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны итеп килтерегеҙ, малдар кәмселекһеҙ булһын. Һәр үгеҙ башмаҡ менән бергә зәйтүн майына бутап, эфаның ундан өс өлөшө күләмендә иң яҡшы бойҙай оно, һәр һарыҡ тәкәһе менән бергә зәйтүн майына бутап, эфаның ундан ике өлөшө күләмендә иң яҡшы бойҙай оно, һәр бәрәс менән бергә зәйтүн майына бутап, эфаның ундан бер өлөшө күләмендә иң яҡшы бойҙай оно икмәк саҙаҡаһы итеп килтерелһен. Был – тотош яндырыу ҡорбаны, Раббыға күркәм хуш еҫ – ут ҡорбаны. Һәр үгеҙ башмаҡ менән бергә – ярты һин, һәр һарыҡ тәкәһе менән бергә һиндың өстән бер өлөшө, һәр бәрәс менән бергә һиндың дүрттән бер өлөшө күләмендә түкмә ҡорбан килтерегеҙ. Был – йыл әйләнәһенә һәр айҙың башында килтерелә торған ут ҡорбаны. Көн дә китерелә торған тотош яндырыу ҡорбаны һәм түкмә ҡорбандан тыш гонаһ ҡорбаны итеп, Раббыға бер кәзә тәкәһе килтерегеҙ. Беренсе айҙың ун дүртенсе көнөндә – Раббы хөрмәтенә Ҡотҡарылыу байрамы. Ул айҙың ун бишенсе көнө байрам булһын, ете көн буйы сөсө икмәк ашағыҙ. Тәүге көндө изге йыйын үткәрегеҙ, көндәлек эштәрегеҙҙе эшләмәгеҙ. Раббыға ут ҡорбаны – тотош яндырыу ҡорбаны итеп ике башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе, берәр йәшлек ете бәрәс килтерегеҙ; улар кәмселекһеҙ булһын. Һеҙҙе пакландырыу өсөн гонаһ ҡорбаны итеп бер кәзә тәкәһен килтерегеҙ. Быларҙы көн дә иртән килтерелә торған тотош яндырыу ҡорбанынан тыш тәҡдим итегеҙ. Ете көн буйы көн дә шулай эшләгеҙ. Был – ут ҡорбаны өсөн ризыҡ, уның хуш еҫе Раббыға күркәм булыр. Даими тотош яндырыу ҡорбаны менән түкмә ҡорбандан тыш килтерелергә тейеш был. Етенсе көндө изге йыйын үткәрегеҙ, көндәлек эштәрегеҙҙе эшләмәгеҙ. Аҙналар байрамының беренсе көнөндә, тәүге уңыштар көнөндә, Раббыға яңы икмәк саҙаҡаһы килтергәндә, изге йыйын үткәрегеҙ, көндәлек эштәрегеҙҙе башҡармағыҙ. Раббыға күркәм хуш еҫ өсөн тотош яндырыу ҡорбаны итеп түбәндәгеләрҙе килтерегеҙ: ике үгеҙ башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе, берәр йәшлек ете бәрәс. Кәмселекһеҙ булһындар. Һеҙҙе пакландырыу өсөн бер кәзә тәкәһе килтерегеҙ. Көндәлек тотош яндырыу ҡорбаны менән икмәк саҙаҡаһынан тыш, түкмә ҡорбан менән килтерегеҙ быны. Ҡорбанға килтерелгән малдар кәмселекһеҙ булһын. Етенсе айҙың беренсе көнөндә изге йыйын үткәрегеҙ, көндәлек эштәрегеҙҙе эшләмәгеҙ. Был көн һеҙҙә борғо ҡысҡыртыу көнө булһын. Раббыға күркәм хуш еҫ, тотош яндырыу ҡорбаны булараҡ кәмселекһеҙ бер башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе, берәр йәшлек ете бәрәс килтерегеҙ. Үҙегеҙҙе пакландырыу өсөн гонаһ ҡорбаны итеп бер кәзә тәкәһе тәҡдим итегеҙ. Быларҙы айлыҡ һәм көндәлек тотош яндырыу ҡорбандары менән бергә килтерелергә тейешле булған икмәк саҙаҡалары һәм түкмә ҡорбандарға өҫтәлмә булараҡ алып килегеҙ. Был – ут ҡорбаны, Раббыға күркәм хуш еҫ. Етенсе айҙың унынсы көнөндә изге йыйын үткәрегеҙ. Нәфсегеҙҙе тыйығыҙ, көндәлек эштәрҙе башҡармағыҙ. Раббыға күркәм хуш еҫ булараҡ тотош яндырыу ҡорбаны итеп бер башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе, берәр йәшлек ете бәрәс килтерегеҙ. Улар кәмселекһеҙ булһын. Шулай уҡ гонаһ ҡорбаны өсөн бер кәзә тәкәһе алып килегеҙ. Пакланыу көнөндә килтерелә торған гонаһ ҡорбанына, көндәлек тотош яндырыу ҡорбаны менән бергә килтерелергә тейеш булған икмәк саҙаҡаһына һәм түкмә ҡорбанға өҫтәмә рәүештә килтерегеҙ быларҙы. Етенсе айҙың ун бишенсе көнөндә изге йыйын үткәрегеҙ. Бер нәмә лә эшләмәгеҙ, ете көн буйы Раббы байрамын билдәләгеҙ. Тотош яндырыу ҡорбаны, йәғни ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ булараҡ ун өс үгеҙ башмаҡ, ике һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек ун дүрт тәкә бәрәс килтерегеҙ. Малдар кәмселекһеҙ булһын. Гонаһ ҡорбаны итеп бер кәзә тәкәһе лә килтерегеҙ; уны көн дә килтерелә торған тотош яндырыу ҡорбаны менән икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбанға өҫтәмә рәүештә килтерегеҙ. Икенсе көндө ун ике үгеҙ башмаҡ, ике һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек ун дүрт тәкә бәрәс килтерегеҙ. Малдың кәмселекһеҙ булыуы шарт. Ҡорбанға килтерелә торған үгеҙ башмаҡтар, һарыҡ тәкәләре һәм тәкә бәрәстәр менән бергә, һандарына күрә, тейешле икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбан килтерелһен. Гонаһ ҡорбаны итеп бер кәзә тәкәһе лә килтерегеҙ; уны көн дә килтерелә торған тотош яндырыу ҡорбаны менән икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбанға өҫтәмә рәүештә килтерегеҙ. Өсөнсө көндө ун бер үгеҙ башмаҡ, ике һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек ун дүрт тәкә бәрәс килтерегеҙ. Малдың кәмселекһеҙ булыуы шарт. Ҡорбанға килтерелә торған үгеҙ башмаҡтар, һарыҡ тәкәләре һәм тәкә бәрәстәр менән бергә, һандарына күрә, тейешле икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбан килтерелһен. Гонаһ ҡорбаны итеп бер кәзә тәкәһе лә килтерегеҙ; уны көн дә килтерелә торған тотош яндырыу ҡорбаны менән икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбанға өҫтәмә рәүештә килтерегеҙ. Дүртенсе көндө ун үгеҙ башмаҡ, ике һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек ун дүрт тәкә бәрәс килтерегеҙ. Малдың кәмселекһеҙ булыуы шарт. Ҡорбанға килтерелә торған үгеҙ башмаҡтар, һарыҡ тәкәләре һәм тәкә бәрәстәр менән бергә, һандарына күрә, тейешле икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбан килтерелһен. Гонаһ ҡорбаны итеп бер кәзә тәкәһе лә килтерегеҙ; уны көн дә килтерелә торған тотош яндырыу ҡорбаны менән икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбанға өҫтәмә рәүештә килтерегеҙ. Бишенсе көндө туғыҙ үгеҙ башмаҡ, ике һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек ун дүрт тәкә бәрәс килтерегеҙ. Малдың кәмселекһеҙ булыуы шарт. Ҡорбанға килтерелә торған үгеҙ башмаҡтар, һарыҡ тәкәләре һәм тәкә бәрәстәр менән бергә, һандарына күрә, тейешле икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбан килтерелһен. Гонаһ ҡорбаны итеп бер кәзә тәкәһе килтерелһен; уны көн дә килтерелә торған тотош яндырыу ҡорбаны менән икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбанға өҫтәмә рәүештә килтерегеҙ. Алтынсы көндө һигеҙ үгеҙ башмаҡ, ике һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек ун дүрт тәкә бәрәс килтерегеҙ. Малдың кәмселекһеҙ булыуы шарт. Ҡорбанға килтерелә торған үгеҙ башмаҡтар, һарыҡ тәкәләре һәм тәкә бәрәстәр менән бергә, һандарына күрә, тейешле икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбан килтерелһен. Гонаһ ҡорбаны итеп бер кәзә тәкәһе лә килтерегеҙ; уны көн дә килтерелә торған тотош яндырыу ҡорбаны менән икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбанға өҫтәмә рәүештә килтерегеҙ. Етенсе көндө ете үгеҙ башмаҡ, ике һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек ун дүрт тәкә бәрәс килтерегеҙ. Малдың кәмселекһеҙ булыуы шарт. Ҡорбанға килтерелә торған үгеҙ башмаҡтар, һарыҡ тәкәләре һәм тәкә бәрәстәр менән бергә, һандарына күрә, тейешле икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбан килтерелһен. Гонаһ ҡорбаны итеп бер кәзә тәкәһе лә килтерегеҙ; уны көн дә килтерелә торған тотош яндырыу ҡорбаны менән икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбанға өҫтәмә рәүештә килтерегеҙ. Һигеҙенсе көндө һеҙҙә изге йыйын булһын, бер эш тә эшләмәгеҙ. Тотош яндырыу ҡорбаны, Раббыға күркәм хуш еҫ булараҡ ут ҡорбаны килтерегеҙ: бер башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе, берәр йәшлек ете бәрәс, улар кәмселекһеҙ булһын. Был ҡорбандар менән бергә, башмаҡ, һарыҡ тәкәһе, бәрәстәр һанына ярашлы, тейешле икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбан һәм гонаһ ҡорбаны итеп бер кәзә тәкәһе килтерелһен; уны көн дә килтерелә торған тотош яндырыу ҡорбаны менән икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбанға өҫтәмә рәүештә килтерегеҙ. Билдәләнгән байрамдарығыҙҙа Раббыға килтерелә торған тотош яндырыу ҡорбандары, икмәк саҙаҡаһы, түкмә ҡорбан, татыулыҡ ҡорбандары ана шулар. Уларҙы әйткән нәҙерегеҙ буйынса, йәки үҙ ихтыярығыҙ менән килтерә торған саҙаҡаларға өҫтәмә рәүештә тәҡдим итегеҙ». Муса Раббы бойорғандың барыһын да исраилдарға һөйләп бирҙе. Муса Исраил ырыуҙарының башлыҡтарына былай тине: – Раббы бына нимә тип бойорҙо: кем дә кем Раббыға нәҙер әйтһә йәки үҙен вәғәҙә анты менән бәйләһә, ул һүҙендә торһон, әйткәненең һәммәһен үтәһен. Әгәр ҡатын-ҡыҙ йәш сағында, атай йортонда торған саҡта, Раббыға нәҙер әйтһә йәки үҙен вәғәҙә менән бәйләһә, был нәҙерҙе һәм был вәғәҙәне ишетеп, атаһы бер ни ҙә әйтмәһә, ул сағында ҡыҙҙың бөтә нәҙере, вәғәҙәләре үҙ көсөндә булыр. Атаһы ишетеп тыйһа, бер нәҙеренең дә, үҙен бәйләгән бер вәғәҙәһенең дә көсө булмаҫ, ә Раббы уны ғәфү итер, сөнки ҡыҙҙың атаһы рөхсәт итмәне. Әгәр ҡыҙ кейәүгә сыҡһа, ә уның үҙен бәйләгән нәҙере йәки уйламайынса әйткән вәғәҙәһе булһа, был хаҡта ишеткән ире бер ни ҙә әйтмәһә, был ҡатындың нәҙерҙәре, вәғәҙәләре көсөндә булыр. Әгәр ҙә ире, был хаҡта белеп, ҡатынына рөхсәт итмәһә, әлеге ҡатын әйткән нәҙеренән, йәки уйламайынса биргән вәғәҙәһенән азат буласаҡ. Раббы уны ғәфү итер. Тол ҡалған йәки иренән айырылған ҡатындың үҙен бәйләгән нәҙере көсөндә булыр. Әгәр ҡатын ире йортонда нәҙер әйтһә йә ант итеп үҙен вәғәҙә менән бәйләһә, быны ире ишетеп тә, бер ни ҙә әйтмәһә, тыймаһа, уның бөтә нәҙере һәм үҙен бәйләгән вәғәҙәләре көсөндә булыр. Әгәр ире ишетеп тыйһа, ҡатындың әйткән нәҙерҙәре, вәғәҙәләре көсөндә булмаҫ, сөнки ире кире ҡаҡты, ә Раббы ҡатынды ғәфү итер. Ҡатын-ҡыҙҙың һәр нәҙерен, нәфсеһен тыйыр өсөн биргән һәр вәғәҙәһен ире раҫлай ҙа, кире ҡаға ла ала. Әгәр ире быны ишеткән көндә лә, икенсе көндә лә өндәшмәһә, ҡатындың нәҙере һәм вәғәҙәһе раҫланған булыр, сөнки ире быларҙы ишетеп тә, өндәшмәне. Әгәр ҙә ир, ишеткәс, күпмелер ваҡыт үткәндән һуң ғына кире ҡаҡһа, ул сағында ҡатынының нәҙерҙе үтәмәгәне өсөн ғәйебен ул үҙенә ала булыр. Ҡатын менән ирҙең, йәш сағында атай йортонда йәшәгәндә ҡыҙ менән уның атаһының мөнәсәбәттәре тураһында Раббы Муса аша еткергән ҡағиҙәләр бына шулар. Раббы Мусаға былай тине: – Исраилдар өсөн Мидйән халҡынан үс ал. Һуңынан ата-бабаларың менән ҡауышасаҡһың. Муса халыҡҡа былай тине: – Арағыҙҙан яугирҙәр ҡоралландырығыҙ, улар мидйәндәргә ҡаршы һуғышҡа барыр, Раббының ул халыҡҡа булған үсен ҡайтарыр. Исраилдарҙың һәр ырыуынан берәр мең кешене һуғышҡа әҙерләгеҙ. Исраилдың һәр ырыуынан берәр мең кеше һайлап алынды, ҡораллы ун ике мең кеше яуға әҙерләнде. Һәр ырыуҙан берәр мең кешене Муса Әлғазар ҡаһиндың улы Пинхас менән һуғышҡа оҙатты. Пинхас Изге сатыр һауыттары менән хәүеф тураһында ҡысҡырта торған борғоларҙы алды. Исраилдар, Раббы Мусаға бойорғанса, мидйәндәргә ҡаршы һуғышҡа китте һәм уларҙың бөтә ирҙәрен ҡырҙы. Барса ирҙәре менән бергә мидйәндәрҙең биш батшаһын – Әүиҙе, Рәҡәмде, Сурҙы, Хурҙы һәм Рәғавты ла үлтерҙеләр, Беғор улы Билғамды ла ҡылыстан үткәрҙеләр. Мидйәндәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарын һәм балаларын әсирлеккә алдылар, бөтә мал-тыуарын, көтөүҙәрен, бөтә йорт-ҡаралтыларын яумал иттеләр, йәшәгән урындарындағы барлыҡ ҡала-ауылдарын үртәнеләр, кешенән алып малғаса бөтә табышты – әсирҙәрҙе, яумалды – Моав тигеҙлегенә, Иордан буйында Йерихо ҡаршыһына ҡоролған тупламдарына, Муса менән Әлғазар ҡаһинға, Исраил йәмғиәтенә алып ҡайттылар. Уларҙы ҡаршыларға тупламдан Муса менән Әлғазар ҡаһин һәм йәмғиәттең бөтә башлыҡтары сыҡты. Муса һуғыштан ҡайтҡан хәрби етәкселәргә, мең һәм йөҙ баштарына бик ныҡ асыуланып: – Ниңә ҡатын-ҡыҙҙарҙы тере ҡалдырҙығыҙ? – тине. – Тап шул ҡатындар, Билғам ҡотортоуы буйынса, исраилдарҙы Пеғорҙағы ваҡиға арҡаһында Раббыға хыянат иттерҙе бит! Раббы йәмғиәте шулар арҡаһында үләт ҡазаһына тарыны! Шуның өсөн бөтә ир балаларҙы, ир ҡуйынын күргән барлыҡ ҡатындарҙы үлтерегеҙ. Ир ҡуйынын күреп өлгөрмәгән ҡыҙ балаларҙы үлтермәгеҙ, үҙегеҙгә ҡалдырығыҙ. Тағы шул: ете көн тупламдан ситтә булығыҙ. Кеше үлтергән йәки мәйеткә ҡағылған һәр кем – үҙегеҙ ҙә, әсирҙәрегеҙ ҙә – өсөнсө көндө һәм дә етенсе көндө таҙарынһын. Барлыҡ кейем-һалымығыҙҙы, күндән, кәзә дебетенән булған, ағастан яһалған барлыҡ әйберҙәрегеҙҙе таҙартығыҙ. Әлғазар ҡаһин һуғыштан ҡайтҡан яугирҙәргә былай тине: – Раббы Мусаға биргән ҡанундың ҡағиҙәһе шундай: алтынды, көмөштө, баҡырҙы, тимерҙе, аҡ һәм ҡара ҡурғашты – утҡа түҙгән бөтөнөһөн – таҙарындырыу өсөн ут аша үткәрегеҙ, шунан таҙарыныу һыуы менән йыуығыҙ. Утҡа сыҙамағанды һыуҙа йыуығыҙ. Етенсе көндө кейем-һалымығыҙҙы йыуығыҙ, таҙа булырһығыҙ, шунан һуң тупламға ҡайтығыҙ. Раббы Мусаға былай тине: – Әлғазар ҡаһин һәм халыҡтың нәҫел башлыҡтары менән бергәләп әсиргә алынған кешеләрҙе, табышҡа төшкән малды һана. Яумалды яуҙа ҡатнашҡандар менән бөтә йәмғиәткә таратыр өсөн, тигеҙ итеп икегә бүл. Һуғышта ҡатнашҡан яугирҙәрҙең өлөшөнән һәр биш йөҙөнсө әсирҙе, эре малды, ишәкте һәм ваҡ малды ал да Раббыға һалым итеп, Уға саҙаҡа рәүешендә Әлғазар ҡаһинға тапшыр. Исраил халҡы өлөшөнән һәр илленсе әсирҙе, эре малды, ишәкте һәм ваҡ малды Раббы сатырында яуаплы булған левиҙәргә бир. Муса менән Әлғазар ҡаһин Раббы Мусаға ҡушҡанса эшләне. Һуғышта булғандар алып ҡайтҡан табыш-яумал түбәндәгесә ине: ваҡ мал – алты йөҙ етмеш биш мең, эре мал – етмеш ике мең, ишәктәр – алтмыш бер мең, кешеләр: ир ҡуйыны күрмәгән ҡыҙҙар – утыҙ ике мең. Уларҙың яртыһы һуғышта ҡатнашҡандарҙың өлөшөнә төштө: ваҡ мал – өс йөҙ утыҙ ете мең биш йөҙ, уларҙан Раббыға ваҡ малдан һалым – алты йөҙ етмеш биш; эре мал – утыҙ алты мең, ошонан Раббыға – етмеш ике баш; ишәктәр – утыҙ мең биш йөҙ, ошонан Раббыға – алтмыш бер баш; кешеләр – ун алты мең, ошонан Раббыға – утыҙ ике йән. Муса, үҙенә Раббы бойорғанса, был саҙаҡаны – Раббыға тигән һалымды – Әлғазар ҡаһинға тапшырҙы. Һуғыштан алып ҡайтҡандан Муса исраилдарға тип айырып алған йәмғиәткә төшкән өлөш түбәндәгесә ине: ваҡ мал – өс йөҙ утыҙ ете мең биш йөҙ, эре мал – утыҙ алты мең, ишәктәр – утыҙ мең биш йөҙ, кешеләр – ун алты мең. Муса, Раббы бойорғанса, исраилдар өлөшөнән кеше һәм мал-тыуарҙың илленән берен алып, Раббы сатырында яуаплы булған левиҙәргә бирҙе. Мусаға ғәскәр башлыҡтары – мең һәм йөҙ баштары килде лә былай тине: – Беҙ хеҙмәтселәрең ҡул аҫтыбыҙға һин биргән яугирҙәрҙе иҫәпләп сыҡты, береһе лә юғалмаған. Бына, үҙебеҙҙе Раббы алдында пакландырыу өсөн, үҙебеҙ тапҡан алтын әйберҙәрҙе – ҡулбаш беләҙеге, беләҙектәр, балдаҡтар, алҡалар һәм мунсаҡтарҙы – бүләк итеп килтерҙек. Муса менән Әлғазар ҡаһин уларҙан был алтын әйберҙәрҙе алды. Мең һәм йөҙ баштарынан Раббыға иғәнә булараҡ килтерелгән алтын бөтәһе ун алты мең ете йөҙ илле шекел тартты. Һуғышта ҡулға төшөргән алтынды иһә яугирҙәр үҙҙәренә алғайны. Муса менән Әлғазар ҡаһин алтынды мең һәм йөҙ баштарынан ҡабул итеп алдылар ҙа исраилдар иҫтәлеге итеп Раббы хозурына, Осрашыу сатырына килтерҙеләр. Рәүвән менән Ғад тоҡомдарының мал-тыуары ғәйәт күп ине. Яғзер менән Ғилғәд ерҙәренең көтөү йөрөтөүгә яраҡлы икәнен күргәс, Ғад менән Рәүвән улдары Муса менән Әлғазар ҡаһинға һәм йәмғиәт башлыҡтарына килеп: – Ғатароҫ менән Дивон, Яғзер менән Нимра, Хешбон менән Әлғәле, Севам менән Нево һәм дә Беғон – Исраил йәмғиәте өсөн Раббы яулаған ерҙәр – көтөү йөрөтөргә яраҡлы, ә беҙ ҡолдарыңдың мал-тыуары бар бит, – тинеләр. Шунан дауам иттеләр: – Әгәр күңелеңә хуш килһәк, шул биләмәләрҙе мөлкәт итеп беҙ ҡолдарыңа бирсе, Иордан аша сығарма беҙҙе. Муса Ғад менән Рәүвән улдарына былай тине: – Туғандарығыҙ яуға китер, ә һеҙ бында ҡалырһығыҙмы? Ниңә һеҙ исраилдарҙың Раббы бирәсәк ергә барыу теләген һүндерәһегеҙ? Мин Ҡадеш-Барнеағтан шул ерҙәрҙе ҡарарға тип атайҙарығыҙҙы ебәргәс, улар ҙа шулай иткәйне: Әшкол үҙәненә барып еттеләр, Раббы уларға бирергә вәғәҙә иткән ерҙе күрҙеләр, ләкин исраилдарҙы унда барыуҙан кире һүрҙеләр. Шул көндө Раббының асыуы ялҡынланды, Ул: «Мысырҙан сыҡҡан был кешеләрҙең егерме йәше тулғандары һәм унан өлкәндәре Мин ант итеп Ибраһимға, Исхаҡҡа һәм дә Яҡупҡа вәғәҙә иткән ерҙе күрмәйәсәк, сөнки улар Миңә ысын күңелдән эйәрмәне. Ул ергә ҡынизи Йефунне улы Калев менән Нун улы Йушағ ҡына барып етер, сөнки улар Раббыға ысын күңелдән эйәрҙе», – тип ант итте. Раббының Исраилға ҡаршы асыуы ялҡынланды, Ул Раббы алдында яманлыҡ ҡылған был быуын тулыһынса үлеп бөткәнсе уларҙы ҡырҡ йыл сүллек буйлап йөрөттө. Эй гонаһлылар быуыны, атайҙарығыҙға оҡшап, хәҙер һеҙ Раббының Исраилға асыуын тағы ла нығыраҡ ҡабартаһығыҙ. Раббынан йөҙ сөйөрһәгеҙ, Ул исраилдарҙы йәнә сүллектә ҡалдырасаҡ, ә һеҙ халыҡты тамам һәләк иттерәсәкһегеҙ. Рәүвән һәм Ғад улдары, Муса эргәһенә килеп, былай тине: – Бында беҙ кәзә-һарығыбыҙға аҙбарҙар һәм балаларыбыҙға ҡалалар төҙөрбөҙ. Үҙебеҙ иһә ҡоралланырбыҙ ҙа исраилдарҙы тәғәйен ерҙәренә еткергәнсе алдарынан барырбыҙ, ә балаларыбыҙ, был ерҙәге сит халыҡтарҙан хәүеф-хәтәр күрмәһен өсөн, нығытылған ҡалаларҙа ҡалыр. Исраилдар үҙ биләмәләренә эйә булғансы өйҙәребеҙгә ҡайтмабыҙ. Беҙ улар менән бергә Иордандың аръяғында биләмә алмаясаҡбыҙ, сөнки беҙҙең биләмәләр – бында, Иордандың көнсығыш тарафында. Муса уларға былай тип яуап ҡайтарҙы: – Әгәр ысынлап та әйткәнегеҙҙе эшләһәгеҙ, ҡоралланып, Раббы алдында яуға барһағыҙ, бөтә яугирҙәрегеҙ Раббы хозурында Иордан аръяғына сығып, Ул Үҙенең дошмандарын ҡырып бөткәнсе, ил Раббыға буйһонғансы алышһа, ул сағында боролоп ҡайтырһығыҙ. Шунда һеҙҙең Раббы алдында ла, Исраил йәмғиәте алдында ла бурысығыҙ үтәлгән булыр һәм был ерҙәр Раббы күҙендә һеҙҙең биләмәләрегеҙ булып иҫәпләнер. Ләкин шулай итмәһәгеҙ, Раббы алдында гонаһ ҡылған булырһығыҙ, гонаһ өсөн язаһын алырһығыҙ. Балаларығыҙға ҡалалар, кәзә-һарығығыҙға аҙбарҙар ҡороғоҙ, телегеҙ менән әйткәнде эшләгеҙ. Ғад менән Рәүвән улдары Мусаға былай тине: – Хакимыбыҙ нисек бойорһа, беҙ ҡолдарың шуны үтәр. Балаларыбыҙ, ҡатындарыбыҙ, көтөүҙәребеҙ һәм бөтә мал-тыуарыбыҙ Ғилғәд ҡалаларында ҡалыр. Беҙ ҡолдарың иһә, бөтөнөбөҙ ҡоралланып, хакимыбыҙ әйткәнсә, Раббы хозурында һуғышҡа сығыр. Муса улар тураһында бойороғон Әлғазар ҡаһинға, Нун улы Йушағҡа, Исраил ырыуҙары башлыҡтарына еткерҙе. Уларға Муса былай тине: – Ғад менән Рәүвән улдары, һәр береһе ҡоралланып, һеҙҙең менән Иордан аръяғына Раббы хозурында һуғышҡа сыҡһа һәм ул ерҙәр буйһондоролһа, Ғилғәд ерҙәрен уларға биләмәгә бирегеҙ. Әгәр инде һеҙҙең менән беренсе рәттәрҙә һуғышҡа бармаһалар, ул сағында әйҙә үҙҙәренең биләмәләре, һеҙҙең биләмәләр һымаҡ, Ҡәнғәндә булыуы менән ҡәнәғәтләнһендәр. Ғад менән Рәүвән улдары былай тип яуап бирҙе: – Раббы һинең ҡолдарыңа ни тип бойорған, беҙ шуны эшләрбеҙ. Беҙ, ҡоралланып, Раббы алдында, Ҡәнғән еренә барырбыҙ, ә беҙҙең биләмәләр Иордандың был яғында булһын. Муса Ғад менән Рәүвән улдарына, Йософ улы Менашше ырыуының яртыһына ҡалалары, тирә-яҡ ерҙәре менән бергә әмөриҙәрҙең батшаһы Сихон батшалығын, Башандың Ғоғ батшалығын бирҙе. Ғад улдары нығытылған Дивон һәм Ғатароҫ, Ғароғер, Ғатароҫ-Шофан, Яғзер, Йогбеһа, Бейт-Нимра һәм Бейт-Һаран ҡалаларын төҙөнө һәм малдарына ҡуралар һалды. Рәүвән улдары Хешбон, Әлғәле, Ҡиръяҫаим, Нево һәм Бәғел-Меғон ҡалаларын – быларға икенсе исем ҡушылды – һәм Сивманы ҡабаттан төҙөнө, үҙҙәре торғоҙған ҡалаларға яңы исемдәр бирҙе. Менашше улы Махирҙың тоҡомдары Ғилғәдкә китте, уны алды һәм унда булған әмөриҙәрҙе ҡыуып сығарҙы. Муса Ғилғәдте Менашше улы Махирға бирҙе, һәм улар шунда төйәкләнде. Менашшеның улы Яир был төбәктә ауылдар биләне һәм уларҙы Яир ауылдары тип атаны. Новах та Ҡынаҫ менән уға буйһонған ауылдарҙы алды, Ҡынаҫты үҙенең исеме менән Новах тип атаны. Муса менән Һарун етәкселегендә сиреү-сиреү булып Мысыр еренән сыҡҡан исраилдар түбәндәге урындарға туплам ҡороп урынлашты. Муса, Раббы бойорғанса, уларҙың сәфәрҙәге туплам ҡорған урындарын теркәп барҙы. Туплам урындары түбәндәгесә. Беренсе айҙың ун бишенсе көнөндә, Ҡотҡарылыу байрамының иртәгәһенә, исраилдар бөтә Мысырҙың күҙ алдында ҡыйыу атлап Рағмесестан юлға төштө. Ул ваҡытта мысырҙар Раббы һәләк иткән бөтә беренсе булып тыуған улдарын ерләй ине – был Раббының уларҙың аллалары өҫтөнән хөкөм ҡылыуы булды. Исраилдар Рағмесестан шулай сығып китте һәм Суккоҫта туплам ҡорҙо. Суккоҫтан киткәс, сүл ситендәге Эҫамда туплам ҡорҙолар. Эҫамдан китеп, артҡа, Бәғел-Сефон алдындағы Пи-Һахироҫҡа табан боролдолар һәм Мигдол ҡаршыһында сатыр ҡороп урынлаштылар. Пи-Һахироҫтан киткәс, диңгеҙ аша сүллеккә үттеләр ҙә Эҫам сүле буйлап өс көн барҙылар, шунан Марала туплам ҡорҙолар. Маранан китеп, Элимға килделәр. Бында ун ике шишмә һәм етмеш төп хөрмә ағасы бар ине, шунда урынлаштылар. Элимдан китеп, Ҡамышлы диңгеҙ ярында туҡтанылар. Ҡамышлы диңгеҙҙән китеп, Син сүленә килеп урынлаштылар. Син сүленән китеп, Дофҡала урынлаштылар. Дофҡанан китеп, Алушта урынлаштылар. Алуштан китеп, Рефидимда туҡтанылар, бында халыҡҡа эсәр һыу юҡ ине. Рефидимдан китеп, Синай сүлендә урынлаштылар. Синай сүленән киткәс, Ҡивроҫ-Һаттауала урынлаштылар. Ҡивроҫ-Һаттауанан китеп, Хасироҫта урынлаштылар. Хасироҫтан китеп, Риҫмала урынлаштылар. Риҫманан китеп, Риммон-Пәрәстә урынлаштылар. Риммон-Пәрәстән китеп, Ливнала урынлаштылар. Ливнанан китеп, Риссала урынлаштылар. Риссанан китеп, Ҡыһылаҫала урынлаштылар. Ҡыһылаҫанан китеп, Шәфәр тауы янында урынлаштылар. Шәфәр тауынан китеп, Харадала урынлаштылар. Хараданан китеп, Маҡһылоҫта урынлаштылар. Маҡһылоҫтан китеп, Тахаҫта урынлаштылар. Тахаҫтан китеп, Терахта урынлаштылар. Терахтан китеп, Миҫкала урынлаштылар. Миҫканан китеп, Хашмонала урынлаштылар. Хашмонанан китеп, Мосероҫта урынлаштылар. Мосероҫтан китеп, Бене-Яғаҡанда урынлаштылар. Бене-Яғаҡандан китеп, Хор-Һаггидгадта урынлаштылар. Хор-Һаггидгадтан китеп, Йотбаҫала урынлаштылар. Йотбаҫанан китеп, Ғавронала урынлаштылар. Ғавронанан китеп, Ғәсйон-Ғәвәрҙә урынлаштылар. Ғәсйон-Ғәвәрҙән китеп, Цин сүлендә, йәғни Ҡадешта, урынлаштылар. Ҡадештан китеп, Эдом ерҙәре сигендә Һор тауы янында урынлаштылар. Һарун ҡаһин Раббы ҡушыуы буйынса Һор тауына күтәрелде һәм исраилдарҙың Мысыр еренән сығыуының ҡырҡынсы йылында, бишенсе айҙың беренсе көнөндә, вафат булды. Һор тауында мәрхүм булғанында Һарунға йөҙ ҙә егерме өс йәш ине. Шул саҡта Ҡәнғәндәге Ғарадтың Негевта йәшәгән батшаһы исраилдар килә ятҡанын ишетте. Исраилдар Һор тауынан Салмонаға барып урынлашты. Салмонанан Пунонға барып урынлаштылар. Пунондан Овоҫҡа барып урынлаштылар. Овоҫтан Моав сигендәге Ғийе-Һағаваримға барып урынлаштылар. Ғийе-Һағаваримдан китеп, Дивон-Ғадҡа барып урынлаштылар. Дивон-Ғадтан китеп, Ғалмон-Дивлаҫаимға барып урынлаштылар. Ғалмон-Дивлаҫаимдан китеп, Нево алдындағы Ғаварим тауҙарында урынлаштылар. Ғаварим тауҙарынан Иордан буйына барып, Моав тигеҙлегендә, Йерихо ҡаршыһында туплам ҡороп урынлаштылар. Улар Моав тигеҙлегендә, Иордан буйында, Бейт-Йешимоҫтан Авел-Шиттимгә тиклем арала туҡталды. Моав тигеҙлегендә, Иордан буйында, Йерихо ҡаршыһында саҡта Раббы Мусаға былай тине: – Исраилдарға шуны еткер: «Иорданды кисеп, Ҡәнғән еренә сыҡҡас, ундағы бөтә халыҡты ҡыуығыҙ, биҙәкле таштарын, ҡойолма илаһтарын юҡ итегеҙ, табыныу ҡалҡыулыҡтарын туҙҙырығыҙ. Ерҙәрен биләгеҙ һәм шунда урынлашығыҙ, сөнки Мин уны милек итеп һеҙгә бирәм. Ерҙе йәрәбә буйынса нәҫел-ара бүлешегеҙ: күп һанлыға биләмәне күберәк, аҙ һанлыға аҙыраҡ бирегеҙ. Йәрәбә буйынса кемгә ҡайһы ер сыға, шул уға булһын. Өлөшөгөҙҙө ата-бабаларығыҙ ырыуҙары буйынса биләмә итеп алығыҙ. Әгәр Ҡәнғәндә йәшәгәндәрҙе ҡыуып ебәрмәһәгеҙ, тороп ҡалғандар күҙегеҙгә дегәнәк булып төшәсәк, ҡабырғағыҙға энә булып ҡаҙаласаҡ, һеҙ йәшәгән ерҙә һеҙҙе ҡыҫырыҡлаясаҡ. Шул саҡта Мин уларға ҡаршы нимә ҡылырға ниәт итһәм, шуны һеҙгә ҡылырмын». Раббы Мусаға былай тине: – Исраилдарға шуны бойор: Ҡәнғән еренә ингәс, унда Мин һеҙгә бирәсәк биләмәләрҙең сиктәре түбәндәгесә булыр. Көньяҡтағы сиктәрегеҙ Цин сүленән һәм Эдом сиктәре буйынса һуҙылыр. Ул сигегеҙ Тоҙло диңгеҙҙең көньяҡ осонан көнсығышта башланыр. Унан көньяҡҡа Ғаҡраббим тарлауығына тартылыр һәм Цин аша үтер, унан көньяҡтан Ҡадеш-Барнеағҡа табан сығыр, шунан Хасар-Аддарға тартылыр һәм Ғасмон аша үтер. Ғасмондан Мысыр сигендәге йылғаға табан боролор ҙа, Бөйөк диңгеҙ буйында тамамланыр. Көнбайыш сиктәрегеҙ Бөйөк диңгеҙ буйлап үтер. Был – көнбайыш сиктәрегеҙ. Бына һеҙҙең төньяҡ сигегеҙ. Уны Бөйөк диңгеҙҙән – Һор тауына, Һорҙан Лево-Хамаҫҡа тиклем үткәрегеҙ. Артабан сик Седадҡа тартылыр; унан Зифронға тиклем дауам итер ҙә, Хасар-Ғенанға етеп туҡтар. Был – һеҙҙең төньяҡ сиктәрегеҙ. Көнсығыш сикте Хасар-Ғенандан Шефамға ҡарай үткәрегеҙ, Шефамдан сик Ғайндың көнсығышынан Ривлаға тартылыр, шунан көнсығыштан Киннереҫ күле ярҙарына терәлер. Сик артабан Иордан йылғаһы буйлап төшөр ҙә Тоҙло диңгеҙгә етеп туҡтар. Был һеҙҙең илегеҙ булыр. Уның сиктәре шулай. Муса Исраил халҡына шуны бойорҙо: – Раббы туғыҙ ырыуға һәм Менашшеның ярты ырыуына бирергә ҡушҡан ерҙәр ошо, һеҙ уны йәрәбә буйынса бүлеп алырһығыҙ. Ә Рәүвән һәм Ғад ырыуҙары ғаиләләре менән, Менашше ырыуының икенсе яртыһы һымаҡ уҡ, биләмә ерҙәрен Йерихо ҡаршыһынан, Иордандың көнсығыш тарафында алды. Раббы Мусаға былай тине: – Бына ерҙе һеҙгә бүлеп бирәсәк кешеләрҙең исемдәре: Әлғазар ҡаһин һәм Нун улы Йушағ. Ер бүлергә һәр ырыуҙан берәр башлыҡты алығыҙ. Уларҙың исемдәре: Йәһүҙә ырыуынан Йефунне улы Калев; Шимғон ырыуынан – Ғаммиһуд улы Шемуил; Бинйәмин ырыуынан – Кислон улы Әлидад; Дан ырыуынан – ырыу башлығы Буккий Йогли улы; Йософтоң улы Менашше ырыуынан – ырыу башлығы Ханниил Эфод улы; Әфраим ырыуынан – ырыу башлығы Ҡемуил Шифтан улы; Зевулун ырыуынан – ырыу башлығы Әлисафан Парнах улы; Исасхар ырыуынан – ырыу башлығы Палтиил Ғаззан улы; Ашер ырыуынан – ырыу башлығы Ахиһуд Шеломи улы; Нафтали ырыуынан – ырыу башлығы Педаһил Ғаммиһуд улы. Ҡәнғән ерендә исраилдарға биләмәләр бүлергә Раббы ошо кешеләргә бойорҙо. Моав тигеҙлегендә, Иордан буйында, Йерихо ҡаршыһында Раббы Мусаға былай тине: – Исраилдарға бойороҡ бир, мөлкәт итеп алған биләмәләренән левиҙәргә ҡалалар, ҡалалар тирәләй көтөүлектәр бүлһендәр: ҡалалар уларға йәшәр өсөн, көтөүлектәр уларҙың мал-тыуары, көтөүҙәре һәм башҡа хайуандары өсөн булыр. Ҡалалар янында левиҙәргә бирелергә тейешле көтөүлектәр ҡала диуарынан алып һәр яҡҡа ла меңәр терһәккә һуҙылырға тейеш. Ҡала көтөүлек уртаһында ҡалырлыҡ итеп, уның диуарынан көнсығышҡа, көньяҡҡа, көнбайышҡа һәм төньяҡҡа икешәр мең терһәк ер үлсәп сик билдәләгеҙ – ҡала тирәһендәге был ерҙәрҙә левиҙәрҙең көтөүлектәре булыр. Левиҙәргә һеҙ бирәһе ҡалаларҙан алтауһы һыйыныу өсөн булыр – кеше үлтереүселәргә һеҙ шунда ҡасырға рөхсәт итерһегеҙ. Левиҙәргә был алтауҙан тыш тағы ла ҡырҡ ике ҡала бирегеҙ. Шулай итеп, левиҙәргә көтөүлектәр менән бергә һеҙ бирергә тейешле ҡалалар бөтәһе ҡырҡ һигеҙ булыр. Исраилдар биләмәләренән левиҙәргә ҡалалар биргәндә ҙурыраҡ ырыуҙарҙан – күберәк, бәләкәйерәгенән аҙыраҡ бирегеҙ. Һәр ырыу, ниндәй биләмә алыуынан сығып, левиҙәргә үҙ ҡалаларынан өлөш бирһен. Раббы Мусаға былай тине: – Исраилдарға иғлан ит: Иорданды кисеп Ҡәнғән еренә сыҡҡас, яңылыштан кеше үлтергән кешеләр ҡаса алһын өсөн, һыйыныу ҡалалары һайлап алығыҙ. Әҙәм үлтергән кеше йәмғиәт алдында хөкөмгә баҫтырылғанға тиклем харап ителеп ҡуймаһын өсөн ҡан өсөн ҡан тип үс алыусынан ҡасып торорға ошо ҡалаларығыҙ булыр. Һыйыныу өсөн һеҙ бирергә тейешле ҡалалар алтау булһын: өс ҡаланы Иордандың был яғынан, өсәүһен Ҡәнғән ерендә бирегеҙ. Улар һыйыныу ҡалалары булыр. Яңылыштан кеше үлтергән һәр кем – исраилдар ҙа, килмешәктәр ҙә, йәшәргә индерелгән бүтән әҙәмдәр ҙә – был алты ҡалаға һыйына алыр. Әгәр берәү тимер ҡорал менән икенсе берәүгә һуҡһа һәм уны үлтерһә, ул – кеше үлтереүсе: ул үлем язаһына тарттырылырға тейеш. Әгәр ҙә берәү кешене үлтерерлек ҙур таш менән берәйһенә һуҡһа һәм тегеһе үлһә, ул – кеше үлтереүсе; ул үлем язаһына тарттырылырға тейеш. Әгәр берәйһе икенсе берәүгә кеше үлтерерлек ағас ҡорал менән һуҡһа һәм тегеһе үлһә, ул – кеше үлтереүсе; ул үлем язаһына тарттырылырға тейеш. Түгелгән ҡан өсөн үс алыусы үлтереүсене үҙе үлтерһен, уның менән осрашҡан саҡта үлтерһен. Берәү берәүҙе хаслашыуҙан йыға төртөп йәки уҫал ниәт менән берәй әйбер ырғытып үлтерһә, йәки дошманлашып, ҡулы менән үлтергәнсе һуҡһа, ул үлем язаһына тарттырылырға тейеш: ул – кеше үлтереүсе. Ҡан өсөн үс ҡайтарыусы туғанын үлтереүсене осратыу менән үлтерә ала. Берәү берәүҙе дошманлашмаҫтан яңылыш төртһә йәки уға яман уйһыҙ берәй әйбер ташлаһа, йәки күрмәйенсә берәйһе өҫтөнә кеше үлтерерлек таш төшөрһә, әммә араларында дошманлыҡ һәм яуыз ниәт булмаһа, ә быныһы үлһә, ул сағында йәмғиәт үлтереүсе менән ҡан өсөн үс алыусы бәхәсен ошо күрһәтмәләр буйынса хәл итергә тейеш. Йәмғиәт үлтереүсене ҡан өсөн үс алыусы ҡулынан араларға һәм уны ул ҡасҡан һыйыныу ҡалаһына ҡайтарырға тейеш, үлтереүсе бында изге май менән мәсехләнгән баш ҡаһин вафат булғансы йәшәргә тейеш. Әгәр үлтереүсе ҡасҡан һыйыныу ҡалаһынан ситкә сыҡһа, ҡан өсөн үс алыусы уны һыйыныу ҡалаһынан ситтә осратһа һәм үлтерһә, унда ҡан ҡойоу ғәйебе булмаясаҡ, сөнки үлтереүсе һыйыныу ҡалаһында баш ҡаһин вафат булғансы йәшәргә, баш ҡаһиндың вафатынан һуң ғына үҙ биләмәһенә ҡайтырға тейеш. Һеҙ йәшәгән бөтә урындарҙа ошолар быуындан-быуынға ҡарар һәм ҡағиҙәләр булһын. Әгәр берәйһе икенсе берәүҙе үлтерһә, ул шаһиттар һүҙенә ҡарап үлем язаһына дусар ителһен. Әммә үлемгә хөкөм итер өсөн бер генә шаһит етмәй. Үлем язаһына лайыҡ булған үлтереүсенең йәне өсөн йолом алмағыҙ, сөнки ул үлемгә дусар ителергә тейеш. Һыйыныу ҡалаһына ҡасҡан кеше баш ҡаһиндың вафатына тиклем үҙ еренә ҡайтып йәшәй алһын өсөн йолом алмағыҙ. Үҙегеҙ йәшәгән ерҙе нәжесләмәгеҙ, сөнки ҡан ерҙе нәжесләй, ерҙе бары тик ҡан ҡойоусының ҡаны менән генә пакландырып була. Үҙегеҙ көн иткән, Мин һеҙҙең арала йәшәгән ерҙе нәжесләргә тейеш түгелһегеҙ, сөнки Мин, Раббы, исраилдар араһында йәшәйем. Йософ улдарының нәҫелдәренән Менашше улы Махирҙан тыуған Ғилғәд нәҫеленең ғаилә башлыҡтары Мусаға һәм Әлғазар ҡаһинға, Исраил нәҫелдәре башлыҡтарына былай тине: – Раббы ерҙе һин хакимыбыҙға йәрәбә буйынса Исраил улдары араһында биләмә итеп бүлергә бойорғанда, һин хакимыбыҙға туғаныбыҙ Селофхадтың өлөшөн уның ҡыҙҙарына бирергә ҡушҡан. Әгәр Селофхадтың ҡыҙҙары исраилдарҙың бүтән ырыуҙарынан берәйһенә кейәүгә сыҡһа, ул сағында ҡыҙҙарҙың өлөшө беҙҙән алынып, уларҙың ирҙәренекенә ҡушылыр, беҙгә йәрәбә буйынса тейгән ер кәмер. Исраилдар Яңырыу йылына ингәндә, ҡыҙҙарҙың өлөшө уларҙың ирҙәренең ырыуына күсер, ата-бабаларыбыҙ ырыуының биләмәләренән алыныр. Раббы ҡушыуы буйынса Муса исраилдарға былай тип бойорҙо: – Йософ ырыуы вариҫтары дөрөҫ һөйләй. Исраил халҡы ырыуҙарының береһендә ҡыҙ кеше атаһының ерен мираҫ итеп ала икән, ул атаһы ырыуындағы берәй нәҫелдең кешеһенә кейәүгә сыҡһын, шул саҡта ғына исраилдар үҙ ата-бабалары ерендә хужа булып ҡалыр. Биләмә ерҙәре бер ырыуҙан икенсеһенә күсмәһен, һәр бер Исраил ырыуы үҙ ерҙәренә бәйле булһын». Раббы Мусаға нисек бойорһа, Селофхад ҡыҙҙары шулай эшләне. Селофхад ҡыҙҙары Махла, Тирса, Хогла, Милка һәм Ноға аталары яғынан ағайҙарының улдарына кейәүгә сыҡты. Улар Йософ улы Менашшеның нәҫел-нәсәбендә ҡатын булды, шуға күрә ерҙәре үҙ ата-бабалары нәҫеленең ырыуында ҡалды. Моав тигеҙлегендә, Иордан буйында, Йерихо ҡаршыһында, Раббы Муса аша Исраил халҡына еткергән бойороҡ-ҡарарҙар ошоларҙан ғибәрәт. Иордан аръяғында, сүлдә, Ғарава тигеҙлегендә, Суф ҡаршыһында – Паран менән Тофел, Лаван, Хасироҫ, Ди-Заһав араһында Мусаның Исраил халҡына һөйләгән һүҙҙәре был. (Сеғир тауҙары аша барғанда Хоревтан Ҡадеш-Барнеағҡа тиклем ун бер көнлөк юл.) Исраилдар Мысырҙан сыҡҡандың ҡырҡынсы йылында, ун беренсе айҙың беренсе көнөндә Муса Раббы ҡушҡандарҙың барыһын да Исраил халҡына белдерҙе. Был әмөриҙәрҙең Хешбонда йәшәгән батшаһы Сихон, Ғаштароҫта һәм Әдрәғиҙә йәшәгән Башан батшаһы Ғоғ Муса тарафынан еңелгәндән һуң булды. Иордан аръяғында, Моав ерендә, Муса ул ҡанунды аңлата башланы. Былай тине: – Аллабыҙ Раббы Хорев тауында беҙгә: «Был тауҙа етерлек торҙоғоҙ! – тине. – Йыйынығыҙ ҙа юлға сығығыҙ. Әмөриҙәр йәшәгән тауҙарға, уларҙың күршеләренә – Ғарава тигеҙлегенә, тауҙарға, Шефелаға, Негевҡа һәм диңгеҙ буйҙарына, Ҡәнғән еренә һәм Ливанға, бөйөк Евфрат йылғаһына тиклем етегеҙ. Бына, Мин был ерҙәрҙе һеҙгә тапшырам. Барығыҙ, Раббы ата-бабаларығыҙға – Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа һәм уларҙың тоҡомона бирергә ант менән вәғәҙә иткән ерҙе биләмә итеп алығыҙ!» – Шул саҡта мин һеҙгә әйттем, – тине Муса. – «Бер үҙем һеҙҙе етәкләп йөрөй алмайым. Аллағыҙ Раббы һеҙҙе ифрат ишәйтте һәм һеҙ бөгөн күктәге йондоҙҙар һымаҡ күпһегеҙ. Ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы Раббы һеҙҙе әлегенән мең тапҡырға күберәк итеп үрсетһен дә, һеҙгә нисек әйткән булһа, шулай фатихаһын бирһен. Һеҙҙең мәшәҡәттәрегеҙҙе, дәғүәләрегеҙҙе, ығы-зығыларығыҙҙы яңғыҙыма нисек күтәреп йөрөтөргә? Һәр ырыуҙан зиһенле, белекле һәм абруйлы ирҙәрҙе һайлап алығыҙ. Мин уларҙы һеҙгә башлыҡ итеп ҡуяйым», – тинем. «Был бик һәйбәт фекер!» – тип яуапланығыҙ. Мин, ырыуҙарығыҙҙан аҡыллы һәм абруйлы ирҙәрҙе алып, уларҙы һеҙгә башлыҡ итеп ҡуйҙым, мең башы, йөҙ башы, илле башы, ун башы билдәләнем, һәр ырыуға етәкселәр тәғәйенләнем. Шунан һеҙҙең өҫтән хөкөм йөрөтәсәк кешеләргә: «Туғандарығыҙҙың дәғүәләрен иғтибар менән тыңлағыҙ; бәхәс ике исраил араһындамы, әллә исраил менән килмешәк араһындамы, һәммәһен дә ғәҙел хөкөм итегеҙ, – тип бойорҙом. – Хөкөм иткәндә бер кемде лә айырып ҡарамағыҙ, кесеһенең дә, олоһоноң да һүҙенә ҡолаҡ һалығыҙ. Бер кемдән дә ҡурҡмағыҙ, сөнки хөкөм – Алла эше. Ә инде үҙегеҙгә хәл итеүе ауыр булған мәсьәләләрҙе миңә еткерегеҙ, уны мин үҙем хәл итермен». Ул саҡта һеҙ эшләргә тейешле нәмәләрҙең бөтәһе тураһында ла әмер бирҙем. Шунан беҙ, Аллабыҙ Раббы бойороғо буйынса, Хоревтан киттек. Әмөриҙәрҙең таулы иленә барышлай, инде үҙегеҙ күргән мөһабәт һәм ҡурҡыныс сүлде үтеп, Ҡадеш-Барнеағҡа килеп еттек. Унда мин һеҙгә: «Бына һеҙ Аллабыҙ Раббы әмөриҙәрҙең беҙгә бирәсәк таулы иленә килеп еттегеҙ, – тинем. – Ҡарағыҙ! Аллағыҙ Раббы был ерҙе һеҙгә бирҙе. Ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы Раббы ҡушҡанса, барығыҙ, уны биләгеҙ. Ҡурҡмағыҙ, ҡыйыу булығыҙ!» Шул саҡ һәммәгеҙ, яныма килеп: «Алдан кешеләр ебәрәйек, улар илде ҡарап-тикшереп сыҡһын, бараһы юлдар, инәһе ҡалалар тураһында беҙгә мәғлүмәт алып килһен», – тинегеҙ. Был фекер күңелемә хуш килде. Арағыҙҙан ун ике кеше һайлап алдым – һәр ырыуҙан берәр кеше. Улар киттеләр, таулыҡҡа күтәрелеп, Әшкол үҙәненә төштөләр һәм ул тирәләге ерҙе байҡап сыҡтылар. Был тупраҡтың емештәрен алып килеп күрһәттеләр һәм: «Аллабыҙ Раббы беҙгә бирәсәк ер яҡшы», – тип хәбәр иттеләр. Әммә һеҙ ул ергә барырға теләмәнегеҙ һәм Аллағыҙ Раббының бойороғона ҡаршы төштөгөҙ. Сатырҙарығыҙҙа: «Раббы беҙҙе күрә алмай. Шуға күрә беҙҙе әмөриҙәр ҡулына биреп ҡырып бөтөрөр өсөн Мысырҙан алып сыҡты, – тип һуҡрандығыҙ. – Инде беҙ ҡайҙа барайыҡ? Туғандарыбыҙ, ундағы халыҡтың беҙҙән көслөрәк һәм оҙон буйлыраҡ булыуын, ҡалаларының ҙур, күккә олғашҡан нығытмалар менән уратылғанын, унда Ғанаҡ тоҡомдарын да күреүҙәрен һөйләп, йөрәгебеҙҙең кәрен алды», – тинегеҙ. Мин иһә һеҙгә: «Ҡурҡмағыҙ уларҙан, ҡотоғоҙ алынмаһын, – тинем. – Алдығыҙҙан барған Аллағыҙ Раббы һеҙҙең өсөн Үҙе һуғышасаҡ. Күреп торҙоғоҙ бит, Мысырҙа ла, сүлдә лә Ул шулай эшләне. Ошо урынға килеп еткәнсе, бөтә юл буйы Аллағыҙ Раббы, балаһын күтәргән ата һымаҡ, һеҙҙе ҡулында күтәреп йөрөттө». Раббы һүҙҙәрегеҙҙе ишетеп асыуланды ла: Һеҙҙең арҡала Раббының миңә лә асыуы килде. «Һин дә ул ергә инмәйәсәкһең, – тине. – Әммә ярҙамсың Нун улы Йушағ унда керер. Уны ҡеүәтлә, сөнки был ерҙе биләргә исраилдарҙы ул алып барыр. „Дошманға табыш булырҙар инде“ тигән балаларығыҙ, әле бөгөн яҡшыны ямандан айыра белмәгән балаларығыҙ, инер унда. Ерҙе уларға бирәсәкмен, уны улар биләмә итеп аласаҡ. Һеҙ иһә кире боролоғоҙ һәм Ҡамышлы диңгеҙ юлынан сүлгә китегеҙ». Шул саҡта һеҙ миңә: «Беҙ Раббы алдында гонаһ ҡылдыҡ, – тинегеҙ. – Әйҙәгеҙ, Аллабыҙ Раббы бойорғанса, барып һуғышайыҡ». Һәр берегеҙ биленә һуғыш ҡоралын тағып, дыуамалланып, таулыҡҡа менергә булдығыҙ. Раббы миңә: «Уларға еткер, бармаһындар һәм һуғышмаһындар. Сөнки Мин һеҙҙең менән түгелмен, шуға күрә дошмандарығыҙҙан еңеләсәкһегеҙ», – тине. Мин һеҙҙе иҫкәрттем, әммә һеҙ һүҙемә ҡолаҡ һалманығыҙ, Раббының әйткәненә ҡаршы килеп, таулыҡҡа күтәрелергә баҙнат иттегеҙ. Был тауҙарҙа йәшәгән әмөриҙәр һеҙгә ҡаршы сыҡты һәм бал ҡорттары һымаҡ баҫтырҙы, Сеғирҙан Хормаға тиклем һеҙҙе ҡыйратып һалды. Һеҙ ҡайтып Раббы алдында иланығыҙ. Тик Раббы һыҡтауығыҙҙы ишетмәне, һеҙгә ҡолаҡ һалманы. Оҙаҡ ваҡыт Ҡадешта ҡалдығыҙ. Һуңынан беҙ боролдоҡ та, Раббы миңә ҡушҡанса, Ҡамышлы диңгеҙгә барған юл менән сүлгә киттек. Оҙаҡ ваҡыт Сеғир таулығы тирәһендә гиҙгәндән һуң, Раббы миңә былай тине: «Был тауҙарҙы уратып йөрөү етер һеҙгә. Инде төньяҡҡа боролоғоҙ. Уларҙан аҙыҡты ла, һыуҙы ла көмөш түләп һатып алығыҙ“. Аллағыҙ Раббы барлыҡ ғәмәлдәрегеҙгә фатихаһын бирҙе. Был мөһабәт сүллектә йөрөгән сағыңда гел һеҙҙе ҡурсаланы. Бына ҡырҡ йыл инде Аллаң Раббы һеҙҙең менән һәм бер нәмәгә лә мохтажлыҡ кисергәнегеҙ юҡ». Ғарава тигеҙлеге буйлап беҙ Элаҫ һәм Ғәсйон-Ғәвәрҙән башланған юл менән Сеғирҙа йәшәгән ҡәрҙәштәребеҙ Ғаяз нәҫелдәре янынан уҙҙыҡ һәм, боролоп, Моав сүленә йүнәлдек. Раббы миңә: «Моав менән низағҡа кермә, уның менән һуғыш башлама, – тине. – Мин улар еренән һеҙгә биләмә бирмәйем, сөнки Ғар ҡалаһын Лут нәҫеленә милек итеп бирҙем». Әүәл унда Ғанаҡ тоҡомдары һымаҡ оҙон буйлы, көслө һәм ишле халыҡ – эмдар йәшәй ине. Улар ҙа ғанаҡтар һымаҡ рефаларҙан һаналды, ләкин моавтар уларҙы эмдар тип атаны. Сеғирҙа иһә элек хориҙар йәшәй ине. Раббы исраилдарға биләмә итеп биргән ерҙә йәшәгән халыҡты исраилдар нимә эшләтһә, Ғаяз нәҫелдәре хориҙарҙы шулай ҡырып бөтөрөп, ерҙәренә төйәкләнде. Раббы һүҙен дауам итте: «Инде тороғоҙ ҙа Зеред үҙәнен аша сығығыҙ», – тине. Беҙ Зеред үҙәнен үттек. Ҡадеш-Барнеағтан сыҡҡан дәүерҙән Зеред үҙәнен уҙғанға тиклем утыҙ һигеҙ йыл булды. Раббы ант иткәнсә, ул быуындың барлыҡ яугирҙәре был ваҡыт арауығында үлеп бөттө. Уларҙы тупламдан бер-бер артлы юҡ итеп бөткәнгә тиклем, Раббының ҡулы һәр саҡ уларға ҡаршы булды. Һуғышҡа яраҡлы ирҙәрҙең бөтәһе лә үлеп бөткәндән һуң, Раббы миңә былай тине: «Бөгөн һеҙ Ғар ҡалаһы эргәһенән Моав ере аша үтергә тейешһегеҙ. Ғаммон халҡына яҡынлашҡас, улар менән низағҡа кермәгеҙ, уларҙы һуғышҡа ҡотортмағыҙ, сөнки Мин һеҙгә ғаммондар еренән биләмәгә бер ни ҙә бирмәйәсәкмен. Мин был ерҙәрҙе Лут нәҫелдәренә милек итеп бирҙем». Элек был рефалар ере тип иҫәпләнә ине, унда рефалар йәшәне. Ғаммондар иһә уларҙы замзумиҙар тип атаны. Замзумиҙар Ғанаҡ тоҡомдары һымаҡ оҙон буйлы, көслө һәм ишле халыҡ ине. Раббы уларҙы ғаммондарҙың алдынан ҡырып бөтөрҙө. Ғаммондар, уларҙың ерҙәрен баҫып алып, үҙҙәре төйәкләнде. Раббы Сеғирҙа йәшәгән Ғаяз нәҫелдәре өсөн дә шулай эшләне. Уларҙың алдынан хориҙарҙы юҡ итте. Ғаяз улдары хориҙарҙың ерен баҫып алып төйәкләнде һәм бөгөн дә шунда йәшәп ята. Ә ғаууиҙар Газаға тиклемге ауылдарҙа йәшәй ине, әммә Кафторҙан сыҡҡан кафториҙар уларҙы ҡырып бөтөп, урындарына үҙҙәре ултырҙы. Раббы: «Тороғоҙ, юлға сығығыҙ һәм Арнон үҙәнен үтегеҙ. Бына Мин Хешбон батшаһы әмөри Сихонды һәм уның илен ҡулығыҙға тапшырам. Уның менән һуғышып, ерҙәрен биләмә булараҡ яулай башлағыҙ. Ошо көндән алып был күк аҫтындағы бар халыҡтарға Мин һеҙҙән ҡурҡыу һәм дәһшәтләнеү тойғоһо күндерермен. Һеҙҙең хаҡта ишеткәндәр, ҡоттары алынып, ҡурҡыуға төшәсәк», – тине. – Шунан һуң, Ҡедемоҫ сүленән Хешбон батшаһы Сихонға тыныслыҡ тәҡдим итер өсөн, илселәремде ебәрҙем, – тип дауам итте Муса. – Былай тип әйтергә ҡуштым: «Миңә ереңдән уҙырға рөхсәт ит. Юл буйлап ҡына үтермен, уңға ла, һулға ла тайпылмам. Аҙыҡты миңә көмөш хаҡына һат – ашармын, һыуҙы ла көмөш хаҡына бир – эсермен, бары тик үтеп кенә китәйем. Быға тиклем Сеғирҙа йәшәгән Ғаяз нәҫелдәре, Ғарҙа йәшәгән Моав кешеләре илдәре аша үтергә рөхсәт итте. Һин дә Иордан аша Аллабыҙ Раббының беҙгә биргән ерҙәренә сығырға ризалыҡ бир». Ләкин Хешбон батшаһы Сихон беҙгә үҙ ере аша үтергә рөхсәт бирергә теләмәне. Сөнки Раббы, һеҙҙең Аллағыҙ, бөгөн үҙегеҙ күргәнсә, уны ҡулығыҙға тапшырыр өсөн бәғерен ҡатырып, йөрәген ташҡа әйләндергәйне. Раббы миңә: «Бына, Сихонды һәм уның ерҙәрен ҡулыңа тапшырам, ерен биләй башла», – тине. Сихон беҙгә ҡаршы һуғышмаҡ булып, Яһаста барлыҡ ғәскәре менән ҡаршыбыҙға сыҡты. Аллабыҙ Раббы уны ҡулыбыҙға тапшырҙы, һәм беҙ уның үҙен, улдарын һәм барлыҡ ғәскәрен юҡ иттек. Шул ваҡытта беҙ уның бөтә ҡалаларын яулап алдыҡ һәм харам ҡылдыҡ, ирҙәрҙе, ҡатындарҙы һәм балаларҙы – береһен дә тере ҡалдырманыҡ. Бары тик мал-тыуарҙы һәм ҡалаларҙа яуланған табышты ғына үҙебеҙгә алдыҡ. Арнон үҙәненең сигендә урынлашҡан Ғароғерҙан һәм шул үҙәндәге башҡа бер ҡаланан алып, Ғилғәдкә тиклемге арала булған бер ҡәлғәнең дә диуарҙары беҙ менә алмаҫтай бейек булманы. Аллабыҙ Раббы барыһын да беҙҙең ҡулыбыҙға тапшырҙы. Бары тик Аллабыҙ Раббының бойороғо буйынса, ғаммондар иленә – Яббоҡ ағымы буйындағы урындарға ла, таулыҡтағы ҡалаларға ла һөжүм итмәнегеҙ. Артабан беҙ, боролоп, Башанға бара торған юл менән киттек. Башан батшаһы Ғоғ бөтә ғәскәре менән Әдрәғи ҡалаһы янында беҙгә ҡаршы һуғышырға сыҡты. Раббы миңә: «Һин унан ҡурҡма, – тине, – сөнки Мин уны барлыҡ халҡы һәм ерҙәре менән ҡулыңа тапшырам. Әмөриҙәрҙең Хешбонда йәшәгән батшаһы Сихон менән ни ҡылдың, бында ла шулай эшләрһең». Аллабыҙ Раббы Башан батшаһы Ғоғты бөтә ғәскәре менән ҡулыбыҙға тапшырҙы һәм беҙ уларҙы һуңғы кешеһенә тиклем ҡырҙыҡ. Ул саҡта беҙ Ғоғтың барлыҡ ҡалаларын яулап алдыҡ. Беҙ ҡулға төшөрмәгән бер генә ҡалаһы ла ҡалманы. Башан батшалығында беҙ Ғоғтың алтмыш ҡалаһын, Аргов төбәген тулыһынса алдыҡ. Был ҡалаларҙың барыһы ла бейек диуарҙар, ҡапҡалар һәм арҡыры һайғауҙар менән нығытылғайны, арала нығытмаһыҙ бик күп ҡалалар ҙа бар ине. Хешбон батшаһы Сихонды нимә эшләтһәк, бында ла шулай булды: уларҙы харам ҡылдыҡ һәм юҡҡа сығарҙыҡ. Һәр ҡаланы ирҙәре, ҡатындары һәм балалары менән бергә тулыһынса һәләк иттек. Ә мал-тыуарҙы һәм ҡалаларҙа яуланған табышты үҙебеҙгә алдыҡ. Ана шул ваҡытта беҙ әмөриҙәрҙең ике батшаһы ҡулынан Иордандың аръяғында Арнон үҙәненән Хермон тауына тиклем булған ерҙәрҙе яулап алдыҡ. (Сидон халҡы Хермонды – Сирйон, ә әмөри халҡы Сенир тип йөрөтә.) Яҫы таулыҡтағы бөтә ҡалаларҙы, тотош Ғилғәдте, Ғоғтың Башан батшалығындағы ҡалалары булған Салха менән Әдрәғигә тиклем бөтә Башанды ҡулға төшөрҙөк. Башан батшаһы Ғоғ рефалар нәҫеленән һуңғы кеше ине. Уның һикеһе – тимер һике – хәҙер ғаммондарҙың Рабба ҡалаһында тора, оҙонлоғо – ҡабул ителгән үлсәм менән туғыҙ терһәк, ә иңе – дүрт терһәк. Ул осорҙа яулап алынған ерҙе – Арнон үҙәненең ситендә урынлашҡан Ғароғер ҡалаһынан башланған өлкәне, таулы Ғилғәд еренең яртыһын мин ҡалалары менән бергә Рәүвән һәм Ғад ырыуҙарына бирҙем. Ә Ғилғәдтең ҡалған өлөшөн һәм тотош Башанды – Ғоғтың батшалығын – Менашше ырыуының яртыһына бирҙем. (Элек Аргов төбәге – тотош Башан – рефалар ере тип йөрөтөлә ине. Менашше нәҫеленән булған Яир гешуриҙар менән мағахаҫтарҙың сигенә тиклем һуҙылған бөтә Аргов төбәген яулап алды һәм уны үҙенең исеме менән атаны. Башанды бөгөнгө көнгә тиклем Яир ауылдары тип йөрөтәләр.) Махирға Ғилғәдте бирҙем. Рәүвән менән Ғад ырыуҙарына Ғилғәдтән Арнон үҙәненә тиклем һуҙылған ерҙәрҙе бирҙем. Бер яҡтан уның сиге Арнон үҙәненең уртаһынан үтә, ә ғаммондар менән сиктәре иһә Яббоҡ йылғаһы ине. Шулай уҡ мин уларға Ғарава тигеҙлеген бирҙем. Уның сиге – Иордан йылғаһы ине: ул, Киннереҫ күленән башланып, Ғарава диңгеҙенә, йәғни Тоҙло диңгеҙгә тиклем, ә көнсығышта Писга тауы итәгенә тиклем һуҙылған. Шул саҡта мин, әмер итеп, ул ырыуҙарға былай тинем: «Аллағыҙ Раббы был ерҙәрҙе һеҙгә биләмәгә бирҙе. Һуғышҡа яраҡлы ирҙәрегеҙ ҡорал алып, үҙ туғандарығыҙ, исраилдар алдынан йылға аша сығығыҙ. Мин һеҙгә биргән ҡалаларҙа бары тик ҡатындарығыҙ, балаларығыҙ һәм малдарығыҙ ғына – беләм, малдарығыҙ ишле – ҡалһын. Ҡасан Раббы, һеҙгә биргән кеүек, туғандарығыҙға ла тыныслыҡ бирә, ҡасан улар Иордан аръяғындағы Аллағыҙ Раббы үҙҙәренә вәғәҙә иткән ерҙәрҙе биләй, тик шул саҡта ғына һәр берегеҙ мин һеҙгә биргән биләмәләрегеҙгә кире ҡайтырһығыҙ». Шул ваҡытта мин Йушағҡа әмер биреп әйттем: «Аллағыҙ Раббының был ике батшаның башына ниҙәр килтергәнен үҙ күҙҙәрең менән күрҙең. Раббы һин үтәсәк бөтә батшалыҡтар менән дә шулай уҡ эшләр. Уларҙан ҡурҡмағыҙ, сөнки Аллағыҙ Раббы Үҙе һеҙҙең өсөн һуғышасаҡ». Шунан Раббыға ялбарҙым: «Хакимыбыҙ Раббы, ҡолоңа Үҙ бөйөклөгөңдө һәм ҡулыңдың ҡөҙрәтен күрһәтә башланың. Күктә һәм ерҙә Һин ҡылған эштәрҙе һәм ҡөҙрәтле ғәмәлдәрҙе башҡара алған тағын ниндәй илаһ бар һуң? Миңә лә, Иордан аръяғына сығып, шул уңдырышлы ерҙе – гүзәл тауҙарҙы һәм Ливанды күрергә мөмкинлек бирһәңсе». Тик Раббы һеҙҙең арҡала миңә асыулы ине, ялбарыуыма ҡолаҡ һалманы. «Етер, – тине. – Башҡаса Миңә был турала өндәшмә. Писга тауына мен. Көнбайышҡа, төньяҡҡа, көньяҡҡа һәм көнсығышҡа баҡ. Үҙ күҙҙәрең менән күр, сөнки һин Иордан аръяғына сыҡмаясаҡһың. Йушағҡа әмер бир, ҡеүәтләндер, ныҡ булырға ҡуш. Сөнки был халыҡ Иордан аръяғына уның етәкселегендә сығасаҡ. Хәҙер һин ҡараясаҡ ерҙәрҙе халыҡҡа ул алып бирәсәк». Беҙ Бейт-Пеғор ҡаршыһындағы үҙәндә туҡталдыҡ. Инде хәҙер, эй Исраил, мин һеҙгә өйрәтәсәк ҡағиҙәләрҙе һәм ҡанундарҙы тыңла. Уларҙы үтәһәгеҙ, йәшәрһегеҙ, аталарығыҙҙың Аллаһы Раббы һеҙгә бирәсәк илгә килеп, уға хужа булырһығыҙ. Мин һеҙгә бирәсәк әмерҙәргә бер нәмә лә өҫтәмәгеҙ ҙә, кәметмәгеҙ ҙә. Аллағыҙ Раббының минең аша белдергән бойороҡтарын үтәгеҙ. Раббының Бәғел-Пеғор тауында нимәләр эшләгәнен үҙ күҙҙәрегеҙ менән күрҙегеҙ. Аллағыҙ Раббы Пеғорҙағы Бәғелгә табынған һәр кемде арағыҙҙан юҡ итте. Ә һеҙ, Аллағыҙ Раббыға тоғро булған өсөн, бөгөнгө көнгә тиклем бөтәгеҙ ҙә иҫәнһегеҙ. Ҡарағыҙ, мин, Аллам Раббы бойорғанса, һеҙ биләйәсәк ерҙә үтәргә тейешле ҡағиҙәләрҙе һәм ҡанундарҙы өйрәттем. Уларҙы һаҡлағыҙ һәм теүәл үтәгеҙ. Был башҡа халыҡтар күҙендә һеҙҙең аҡылығыҙҙы һәм белдеклелегегеҙҙе күрһәтер. Улар, был ҡағиҙәләр тураһында ишетеп: «Был бөйөк милләт, ысынлап та, аҡыллы һәм төплө фекерле», – тиер. Ялбарған саҡта Аллабыҙ Раббы беҙгә яҡын булған һымаҡ, аллалары шулай яҡын булған тағын берәй бөйөк халыҡ бармы икән? Бөгөн мин һеҙгә биргән был ҡанун һымаҡ ғәҙел ҡағиҙәләре һәм ҡарарҙары булған башҡа берәй бөйөк халыҡ бармы? Бары тик абай һәм иғтибарлы бул, үҙ күҙҙәрең менән күргәндәрҙе онотма, ғүмерең буйы хәтереңдә тот. Улар тураһында балаларыңа һәм ейәндәреңә һөйлә. Хоревта Аллаң Раббы ҡаршыһында баҫып торған көнөңдө иҫеңдән сығарма. Ул ваҡытта Раббы миңә былай тине: «Миңә халыҡты йый. Уларға һүҙҙәремде әйтеп ишеттерәйем. Ерҙә йәшәгән бөтә көндәрендә Минән ҡурҡырға өйрәнһендәр һәм балаларын да өйрәтһендәр». Бына һеҙ, яҡынлашып, тауҙың итәгенә баҫтығыҙ. Тау, ялҡыны күктәргә олғашып, яна ине. Тирә-яҡты ҡара болоттар менән ҡуйы ҡараңғылыҡ ҡаплағайны. Раббы һеҙҙең менән ут эсенән һөйләште. Һеҙ Уның һүҙҙәрен ишеттегеҙ, әммә рәүешен күрмәнегеҙ – бары тауыш ҡына бар ине. Ул һеҙгә килешеүен, йәғни һеҙгә үтәргә әмер иткән ун бойороғон иғлан итте. Уларҙы ике таҡтаташҡа яҙҙы. Шул саҡта Раббы миңә һеҙ биләмә итеп алыр өсөн барған ергә ингәс үтәргә тейешле ҡағиҙә һәм ҡанундарҙы өйрәтергә бойорҙо. Раббы Хоревта ут эсенән һеҙҙең менән һөйләшкән көндө бер ниндәй ҙә рәүеш-ҡиәфәт күрмәнегеҙ. Шуға күрә һаҡ булығыҙ, Күҙҙәреңде күккә төбәп, ҡояшты, айҙы һәм йондоҙҙарҙы – барлыҡ күк ғәскәрен – күргәндә, алданма, эйелеп уларға табынма, сөнки Аллаң Раббы уларҙы күк аҫтындағы башҡа халыҡтарға өлөш итеп тәғәйенләне. Ә һеҙгә килгәндә иһә, бөгөн күргәнегеҙсә, Раббы һеҙҙе Үҙенең халҡы, Үҙ биләмәһе итер өсөн тимер иретә торған мейестән, Мысырҙан, алып сыҡты. Раббы һеҙҙең арҡала миңә асыуланды һәм минең Иордан аша сыҡмаясағым һәм Аллаң Раббы һеҙгә биләмә итеп бирәсәк күркәм ергә аяҡ баҫмаясағым хаҡында ант итте. Мин, Иордан аша сыҡмайынса, ошо ерҙә үлермен. Ә һеҙ уны аша сығырһығыҙ һәм шул күркәм ергә хужа булырһығыҙ. Аллағыҙ Раббының һеҙҙең менән төҙөгән килешеүен онотоуҙан, Аллағыҙ Раббы бойорғанса, нимәнелер һынландырған боттар яһауҙан һаҡ булығыҙ. Сөнки Аллағыҙ Раббы – ялмап йотоусы ут; көнсөл Алла. Һеҙ был ерҙә оҙаҡ йәшәрһегеҙ, балаларығыҙ һәм ейәндәрегеҙ тыуыр: әгәр һеҙ аҙып китеп, берәй нәмәгә оҡшатып һындар яһаһағыҙ һәм, Аллағыҙ Раббы күҙендә яман булғанды ҡылып, Уны асыуландырһағыҙ, бөгөн һеҙгә ер менән күкте шаһит ҡылып әйтәм, һеҙ Иордан аша сығып, биләмәгә аласаҡ ерегеҙҙе бик тиҙ юғалтырһығыҙ, унда оҙаҡ йәшәй алмаҫһығыҙ, мотлаҡ юҡ ителерһегеҙ. Раббы һеҙҙе башҡа халыҡтар араһына таратыр, унда һеҙҙең бик аҙығыҙ ғына иҫән ҡалыр. Унда һеҙ кеше ҡулы менән ағастан, таштан яһалған, күрмәгән, ишетмәгән, еҫ һиҙмәгән, ашамаған-эсмәгән илаһтарға хеҙмәт итерһегеҙ. Әммә ул ерҙә Аллағыҙ Раббыны эҙләйәсәкһегеҙ. Әгәр Уны бөтә йөрәгегеҙ һәм бар булмышығыҙ менән эҙләһәгеҙ, табырһығыҙ. Башығыҙға ҡайғы килгәс, ошо һәләкәттәр ябырылғас, Аллағыҙ Раббыға ҡайтырһығыҙ һәм Уның һүҙенә ҡолаҡ һалырһығыҙ. Сөнки Аллағыҙ Раббы – рәхимле Алла. Ул һеҙҙе ташламаҫ, һәләк итмәҫ һәм ата-бабаларығыҙға ант итеп төҙөгән килешеүҙе онотмаҫ. Үткәндәр, һеҙгә тиклем булған дәүерҙәр, Алла ерҙә кешене яратҡандан алып быға тиклем булған замандар тураһында һораштырығыҙ, күктең бер сигенән икенсе сигенә тиклем эҙләп ҡарағыҙ: ҡасан да булһа ошондай бөйөк ваҡиғаларҙың булғаны йәки шуға оҡшаған эштәрҙең ишетелгәне булдымы икән? Ут эсенән һөйләшкән Алланың тауышын ишетеп тә иҫән ҡалған һеҙҙең кеүек башҡа берәй халыҡ бармы? Берәй алланың Аллағыҙ Раббы Мысырҙа күҙ алдығыҙҙа һеҙҙең өсөн эшләгән һымаҡ төрлө һынауҙар, хикмәт һәм мөғжизәләр ҡылғаны, һуғышып, ҡөҙрәте, һуҙылған ҡулы, оло дәһшәттәре менән килеп башҡа бер халыҡ араһынан Үҙенә халыҡ алырға баҙнат иткәне бармы? Былар һеҙгә фәҡәт Раббының ғына Алла булыуын һәм Унан башҡаһы юҡ икәнен белдерер өсөн күрһәтелде. Раббы һеҙгә өгөт-нәсихәт биреү өсөн күктән Үҙенең тауышын ишеттерҙе; ерҙә Ул һеҙгә бөйөк ут-ялҡынын күрһәтте, һәм ут эсенән һеҙ Уның һүҙҙәрен ишеттегеҙ. Аталарығыҙҙы яратҡанға күрә уларҙан һуң һеҙҙе, уларҙың тоҡомон һайланы һәм Үҙенең бөйөк ҡөҙрәте менән Мысырҙан алып сыҡты. Һеҙҙән көслөрәк тә, күберәк тә булған ҡәүемдәрҙе алдығыҙҙан ҡыуып, һеҙҙе алып килер, бына бөгөн үҙегеҙ күргәнсә, уларҙың ерҙәрен һеҙгә биләмәгә бирер өсөн шулай эшләне. Шуға күрә бөгөн Раббының юғарыла – күктә һәм түбәндә – ерҙә Алла икәнен, Унан башҡаһы юҡлығын бел һәм күңелеңә һалып ҡуй. Һинең үҙеңә, һинән һуң килгән балаларыңа яҡшы булһын өсөн һәм Аллаң Раббы һиңә мәңгелеккә биләмәгә бирәсәк ерҙә һеҙ оҙаҡ йылдар йәшәһен өсөн Раббының бөгөн мин һиңә белдергән ҡағиҙәләрен һәм бойороҡтарын үтә. Шунан Муса Иордан йылғаһының ҡояш сығышы яғында өс ҡаланы һайлап алды. Был шуның өсөн кәрәк ине: әгәр берәү, икенсе кешегә күңелендә дошманлыҡ һаҡламайынса, уны яңылышлыҡ менән үлтерһә, шул ҡалаларҙың береһенә ҡасып ғүмерен һаҡлап ҡала ала. Рәүвән ырыуының кешеләре өсөн сүлдә яҫы таулыҡта урынлашҡан Бәсәр, Ғад ырыуына Ғилғәдтәге Рамоҫ ҡалаһы һәм Менашше ырыуына Башандағы Голан ҡалаһы булды. Бына Муса исраилдарға биргән ҡанун. Уның һәм Башан батшаһы Ғоғтың ерҙәрен, Иордан йылғаһының көнсығышында йәшәгән ике әмөри батшаһының ерҙәрен үҙҙәренә биләмә итеп алдылар. Был ерҙәр Арнон үҙәнендәге Ғароғерҙан Сийон тауына, йәғни Хермонға тиклем һуҙыла һәм Писга тауының итәктәрендә Ғарава диңгеҙенә тиклемге араны, Иордандың көнсығыш ярындағы Ғарава тигеҙлеген үҙ эсенә ала. Муса, бөтә Исраилды саҡырып, былай тине: – Эй Исраил, бөгөн мин һеҙгә белдерәсәк ҡағиҙәләрҙе һәм ҡанундарҙы тыңла! Уларҙы өйрәнегеҙ, һаҡлағыҙ һәм теүәл үтәгеҙ. Аллабыҙ Раббы Хорев тауында беҙҙең менән килешеү төҙөнө. Раббы был килешеүҙе аталарыбыҙ менән түгел, беҙҙең менән, бына бөгөн бында иҫән-аман баҫып торған барыбыҙ менән төҙөнө. Раббы тауҙа ут эсенән һеҙҙең менән йөҙгә йөҙ килеп һөйләште. Мин иһә ул саҡта Раббы әйткән һүҙҙәрҙе һеҙгә еткерер өсөн һеҙҙең менән Раббы араһында торҙом, сөнки, уттан ҡурҡып, тауға менмәнегеҙ. Ул саҡта Раббы әйтте: «Һине Мысыр еренән, ҡоллоҡ йортонан, алып сыҡҡан Аллаң Раббы Мин. Минән башҡа аллаларың булмаһын. Үҙеңә бер ниндәй ҙә бот яһама. Юғарыла – күк көмбәҙендә, түбәндә – ер өҫтөндә йәки ерҙән түбән һыуҙа йәшәгән йән эйәләренә оҡшатып, һын-һүрәттәр яһама. Уларға табынып, сәждә ҡылма, сөнки Мин Раббы, һинең Аллаң, көнсөл Алламын, бары тик Үҙемә генә тоғро булып ҡалыуҙы талап итәм. Минән йөҙ сөйөргән аталарының гонаһы өсөн балаларын өсөнсө-дүртенсе быуынға тиклем язалаясаҡмын. Ә Мине яратҡан һәм бойороҡтарымды үтәгәндәрҙең меңенсе быуынына тиклем мөхәббәтемде күрһәтермен. Аллаң Раббының исемен тиктомалға телгә алма. Үҙенең исемен тиктомалға телгә алыусыларҙы Раббы язаһыҙ ҡалдырмаҫ. Аллаң Раббы бойорғанса, шәмбе көнөн тот һәм уны изге ит. Алты көн буйы бөтә эштәреңде башҡар. Әммә етенсе көн – шәмбе – Аллаң Раббыға бағышланған ял көнө. Был көндө бер кемгә лә эшләргә ярамай – үҙең дә, улың да, ҡыҙың да, ҡолоң да, ҡолиәң дә, үгеҙең дә, ишәгең дә, һәр төрлө малың да, арағыҙҙа йәшәгән килмешәк тә бер нәмә лә эшләмәгеҙ. Үҙең кеүек ҡолоң да, ҡолиәң дә ял итһен. Иҫеңдә тот, һин дә Мысыр ерендә ҡол булдың, тик Аллаң Раббы һине унан Үҙенең ҡөҙрәте, һуҙылған ҡулы менән алып сыҡты. Шуға күрә Аллаң Раббы шәмбе көнөн тоторға бойорҙо. Аллаң Раббы бойорғанса, атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит. Шулай эшләһәң, ғүмерең – оҙон, Аллаң Раббы һиңә бирәсәк ерҙә тормошоң яҡшы булыр. Кеше үлтермә. Зина ҡылма. Урлашма. Яҡыныңа ҡаршы ялған шаһитлыҡ ҡылма. Яҡыныңдың ҡатынын көҫәмә. Уның өйөн дә, баҫыуын да, ҡолон да, ҡолиәһен дә, үгеҙен дә, ишәген дә – бер нәмәһен дә көҫәмә». Раббы был һүҙҙәрҙе тауҙа бөтә йыйынға ут, болот һәм ҡараңғылыҡ эсенән көслө тауыш менән һөйләне һәм быға өҫтәп башҡа бер нәмә лә әйтмәне. Шунан уларҙы ике таҡтаташҡа яҙып, миңә бирҙе. Тау ялҡынланып янғанда ҡараңғылыҡ эсенән һеҙгә тауыш ишетелгәс, бөтә ырыу башлыҡтарығыҙ һәм аҡһаҡалдарығыҙ минең яныма килде лә әйтте: «Аллабыҙ Раббы беҙгә үҙенең шөһрәтен һәм бөйөклөгөн күрһәтте. Ут эсенән Уның тауышын да ишеттек. Бөгөн беҙ Алланың кешегә мөрәжәғәт иткәнен һәм кешенең тере ҡалғанын күрҙек. Тик беҙгә хәҙер ниңә үлергә? Был бөйөк ут беҙҙе ялмап юҡ итәсәк. Әгәр беҙ Аллабыҙ Раббының тауышын тағы ишетһәк, үләсәкбеҙ. Беҙҙең кеүек ут эсенән һөйләгән тере Алланың тауышын ишетеп тә, иҫән ҡалған йән эйәһе бармы? Һин Аллабыҙ Раббының янына барып Уның һөйләгәнен тыңла ла беҙгә еткер. Беҙ иһә тыңларбыҙ ҙа үтәрбеҙ». Раббы миңә әйткәндәрегеҙҙе ишетте лә былай тине: «Был халыҡтың һүҙҙәрен ишеттем. Әйткәндәре дөрөҫ. Әгәр уларҙың йөрәктәре лә шулай булһа икән! Ғүмер буйы Минән ҡурҡһындар һәм бөтә бойороҡтарымды үтәһендәр ине. Ул саҡта үҙҙәренә лә, балаларына ла мәңге яҡшы булыр. Бар, сатырҙарына ҡайтырға ҡуш, ә үҙең бында Минең менән ҡал. Һин уларға өйрәтергә тейешле бөтә бойороҡтарҙы, ҡағиҙәләрҙе һәм ҡанундарҙы бирермен. Мин уларға биләмә итеп бирәсәк ерҙә шуларҙы еренә еткереп үтәһендәр». Ҡарағыҙ уны, Аллағыҙ Раббы нисек бойорһа, шулай эшләгеҙ, уңға ла, һулға ла тайпылмағыҙ. Һеҙ һәр ваҡыт Аллағыҙ Раббы бойорған юлдан йөрөгөҙ. Шул саҡта биләмә итеп аласаҡ ерҙә имен-аман оҙаҡ ғүмер итерһегеҙ. Бына Аллағыҙ Раббы һеҙгә өйрәтергә ҡушҡан бойороҡтар, ҡағиҙәләр һәм ҡанундар. Һеҙ үҙегеҙгә биләмә итеп алыр өсөн барған ерҙә уларҙы үтәргә тейешһегеҙ. Ғүмерегеҙ оҙон булһын өсөн үҙегеҙ ҙә, балаларығыҙ ҙа, балаларығыҙҙың балалары ла Аллағыҙ Раббынан ҡурҡығыҙ, һеҙгә минең аша еткерелгән барлыҡ ҡағиҙә һәм бойороҡтарын ғүмерегеҙ буйы үтәгеҙ. Шулай итеп, тыңла, Исраил! Ошо әйткәндәрҙе үтәһәгеҙ, ата-бабаларыңдың Аллаһы Раббы вәғәҙә иткәнсә, һөт менән бал ағып торған ерҙә рәхәт йәшәрһегеҙ һәм ишәйерһегеҙ. Тыңла, Исраил! Раббы, Аллабыҙ беҙҙең – берҙән-бер Раббы. Аллаң Раббыны бөтә йөрәгең, йәнең һәм бар көсөң менән ярат. Бөгөн мин һеҙгә биргән был бойороҡтарҙы хәтереңдә тот. Уларҙы балаларыңа өйрәт, өйҙә ултырғанда ла, юл йөрөгәндә лә, ятҡанда ла, торғанда ла телеңдән төшөрмә. Уларҙы билдә итеп ҡулыңа бәйлә, ҡаш өҫтөңдә маңлайса итеп йөрөт. Уларҙы өйөңдөң ишек яңаҡтарына, ҡала ҡапҡаларына яҙып ҡуй. Аллаң Раббы ата-бабаларың Ибраһимға, Исхаҡҡа һәм Яҡупҡа биргән антына күрә һеҙҙе бирәсәк ергә алып барыр. Һин төҙөмәгән ҙур һәм матур ҡалаларҙы, һин байлыҡ менән тултырмаған өйҙәрҙе, һин таштарын уйып яһамаған һыу соҡорҙарын, һин ултыртмаған йөҙөм һәм зәйтүн баҡсаларын бирер. Унда туйғансы ашарһың. Шул саҡта абай бул! Һине Мысырҙан, ҡоллоҡ йортонан алып сыҡҡан Раббыңды онотма! Аллаң Раббынан ҡурҡ, Уға ғына хеҙмәт ит, бары Уның исеме менән ант ит. Башҡа илаһтарға, эргә-тирәгеҙҙә йәшәгән халыҡтарҙың илаһтарына, эйәрмәгеҙ. Сөнки арағыҙҙа булған Аллаң Раббы – көнсөл Алла. Асыуы ялҡынланһа, һеҙҙе ер йөҙөнән юҡ итер. Аллағыҙ Раббыны Массалағы һымаҡ һынамағыҙ. Аллағыҙ Раббының бойороҡтарын, һеҙгә биргән күрһәтмәләрен, ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ. Раббы күҙендә яҡшы һәм дөрөҫ булған ғәмәлдәр генә ҡылығыҙ. Шул саҡта ғына һеҙгә яҡшы булыр, Раббы аталарығыҙға ант менән вәғәҙә иткән күркәм ергә инерһең һәм уға хужа булырһың. Раббы ла, Үҙе әйткәнсә, бөтә дошмандарыңды алдыңдан ҡыуып ебәрер. Киләсәктә улың һинән: «Аллабыҙ Раббының һеҙгә биргән күрһәтмәләре, ҡағиҙәләре һәм ҡанундары нимә аңлата?» – тип һорағанда, уға былай тип әйт: «Беҙ Мысырҙа фирғәүендең ҡолдары инек, ә Раббы Үҙенең ҡөҙрәтле ҡулы менән беҙҙе унан алып сыҡты. Күҙ алдыбыҙҙа Мысырға, фирғәүенгә һәм уның халҡына ҡаршы хикмәттәр, бөйөк мөғжизәләр һәм язалар ҡылды. Беҙҙе ата-бабаларыбыҙға ант менән вәғәҙә иткән ергә килтерер һәм уны беҙгә бирер өсөн Мысырҙан алып сыҡты. Беҙ Аллабыҙ Раббынан ҡурҡһын һәм, бөгөнгө көндә йәшәү биргәндәй, барлыҡ көндәребеҙҙә лә беҙгә һәйбәт булһын өсөн Раббы ошо барлыҡ ҡағиҙәләрҙе үтәргә бойорҙо. Әгәр Аллабыҙ Раббының беҙгә биргән бөтә был бойороҡтарын теүәл үтәһәк, Уға тоғролоғобоҙ шул булыр». Аллағыҙ Раббы, һеҙҙе биләйәсәк ерҙәрегеҙгә килтереп, күҙ алдығыҙҙан күп халыҡтарҙы: хиттиҙәрҙе, гиргашиҙәрҙе, әмөриҙәрҙе, ҡәнғәниҙәрҙе, перизиҙәрҙе, хиууиҙәрҙе, йевусиҙәрҙе – һеҙҙән күберәк тә, көслөрәк тә булған ете халыҡты ҡыуып ебәрер. Аллағыҙ Раббы был халыҡтарҙы ҡулығыҙға тапшырыр һәм һеҙ уларҙы еңерһегеҙ. Бына шул саҡта уларҙы харам ҡылығыҙ – тотош юҡ итегеҙ. Был халыҡтар менән килешеүгә кермәгеҙ һәм уларҙы йәлләмәгеҙ. Улар менән туғанлашмағыҙ, ҡыҙҙарығыҙҙы уларҙың улдарына бирмәгеҙ, улдарығыҙҙы уларҙың ҡыҙҙарына өйләндермәгеҙ. Юғиһә улар улдарығыҙҙы Раббынан биҙҙерер һәм балаларығыҙ башҡа илаһтарға хеҙмәт итә башлар. Бына шул саҡта һеҙгә ҡаршы Раббының асыуы ялҡынланыр һәм Ул һеҙҙе юҡ итер. Уларға былай эшләгеҙ: ҡорбан усаҡтарын емерегеҙ, табыныу бағаналарын ватығыҙ, алиһә Ашера хөрмәтенә ҡуйылған ҡолғаларын ҡырҡып ташлағыҙ, боттарын утта яндырығыҙ. Сөнки һин – Аллаң Раббы өсөн изге халыҡ. Аллаң Раббы һине ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар араһынан Үҙ халҡы итер өсөн һайлап алды. Раббы ни өсөн һеҙҙе яратты һәм, һайлап алды һуң? Һеҙ башҡа халыҡтарҙан күберәк һанлы булған өсөн түгел бит. Дөрөҫөн әйткәндә, һеҙ бүтән халыҡтарҙан әҙерәкһегеҙ. Әммә Раббы һеҙҙе ярата һәм, аталарығыҙға биргән антына тоғро ҡалып, әйткән һүҙен бойомға ашырыр өсөн, ҡөҙрәтле ҡулы менән һеҙҙе ҡоллоҡ йортонан, Мысыр батшаһы фирғәүен ҡулынан йолоп алды. Шулай итеп, Аллаң Раббының берҙән-бер Алла икәнен бел. Ул – тоғро Алла. Ул Үҙенең килешеүенә тоғро ҡалып, Үҙен яратҡандарға, Уның бойороҡтарын теүәл үтәгәндәргә меңенсе быуынына тиклем мөхәббәтен күрһәтә. Ә Уны күрә алмаусыларға һәләкәт ебәрә. Кисектереп тормай, язаны Уны күрә алмаусының үҙенә бирә. Шуға күрә бөгөн мин һеҙгә биргән бойороҡтарҙы, ҡағиҙәләрҙе һәм ҡанундарҙы теүәл үтәгеҙ. Әгәр был ҡанундарға ҡолаҡ һалып, теүәл үтәһәгеҙ, Аллағыҙ Раббы ата-бабаларығыҙға ант иткәнсә, төҙөгән килешеүгә тоғро ҡалыр һәм һәр ваҡыт һеҙгә мөхәббәтен һаҡлар. Ул һине яратыр, фатихаһын бирер һәм үрсетер. Ата-бабаларыңа ант итеп һеҙгә бирергә вәғәҙә иткән ерҙә ҡарыныңдың емеше булған балаңды ишле итер, ереңдең уңышын – ашлығыңды, яңы шарабыңды, зәйтүн майыңды ла, эре һәм ваҡ малыңды ла бәрәкәтле ҡылыр. Башҡа халыҡтарҙың барыһынан да фатихалыраҡ булырһың. Һиндә түлһеҙ ҡалған ир ҙә, ҡатын да, мал да булмаҫ. Раббы һине һәр төрлө ауырыуҙарҙан һаҡлар. Мысырҙа күргән ҡурҡыныс ауырыуҙарҙың береһен дә һеҙгә ебәрмәҫ. Был бәләләргә һиңә нәфрәт тотҡандарҙы дусар итер. Аллаң Раббы ҡулыңа тапшырасаҡ бар халыҡтарҙы юҡ ит; уларҙы ҡыҙғанма, илаһтарына табынма, сөнки был – һинең өсөн тоҙаҡ. Бәлки, күңелеңдән генә: «Был халыҡтар беҙҙән күпкә артығыраҡ, нисек уларҙы ҡыуып ебәрәйек?» – тип уйлайһыңдыр. Әммә уларҙан ҡурҡма, Аллаң Раббының фирғәүенгә һәм бөтә Мысырға ниҙәр ҡылғанын иҫеңә төшөр. Аллаң Раббының һеҙҙе Мысырҙан алып сығыр өсөн эшләгән бөйөк һынауҙар, хикмәттәр, бөйөк мөғжизәләрҙе, Уның ҡөҙрәтен, һуҙылған ҡулын үҙ күҙҙәрегеҙ менән күрҙегеҙ. Аллағыҙ Раббы әле һеҙ ҡурҡҡан башҡа халыҡтар менән дә шулай эшләйәсәк. Быларҙан тыш, иҫән ҡалған һәм һеҙҙән йәшеренгәндәре үлеп бөтһөн өсөн, Аллаң Раббы улар араһына траштар ебәрер. Уларҙан һис ҡурҡмағыҙ, сөнки арағыҙҙа булған Аллағыҙ Раббы – бөйөк һәм дәһшәтле Алла. Аллағыҙ Раббы был ҡәүемдәрҙе алдығыҙҙан әкренләп ҡыуып бөтөрөр. Һеҙгә уларҙы тиҙ арала ҡырып бөтөрөргә кәрәкмәй, юғиһә тирә-яғығыҙҙа ҡырағай хайуандар үрсеп китеүе ихтимал. Аллағыҙ Раббы был халыҡтарҙы һеҙҙең ҡулға тапшырыр – улар юҡҡа сығып бөткәнсе, был халыҡтарға Ул ҡурҡыу һалып торор. Батшаларын да ҡулығыҙға тапшырыр һәм һеҙ был күк аҫтында уларҙың исемен юйып ташларһығыҙ. Берәү ҙә һеҙгә ҡаршы тора алмаҫ, уларҙы тамырынан ҡороторһоғоҙ. Илаһтарының боттарын утта яндырығыҙ. Боттарҙың өҫтөндә булған алтынға ла, көмөшкә лә күҙегеҙ ҡыҙмаһын. Уларҙы алмағыҙ, юғиһә тоҙаҡҡа төшөрһөгөҙ. Сөнки был боттар Аллағыҙ Раббыға ерәнгес. Был әшәкелекте өйөңә алып кермә, юҡһа уның менән бергә үҙең дә юҡ ителерһең. Уларға нәфрәтлән һәм ерән, сөнки улар тамам юҡ ителергә тейеш. Бөгөн мин һеҙгә белдергән бойороҡтарҙы теүәл үтәгеҙ, шул сағында имен-аман йәшәрһегеҙ, ишәйерһегеҙ һәм Раббы ата-бабаларығыҙға ант менән вәғәҙә иткән ергә инеп, уны биләрһегеҙ. Аллаң Раббы һеҙҙе ҡырҡ йыл буйына сүлдә йөрөткән оҙон юлды онотма! Бойороҡтарын үтәрһеңме, күңелеңдә ниҙәр бар – Ул шуларҙы белер, һине баҫалҡыландырыр өсөн, һине һынауҙарға дусар итте. Ул һине аслыҡ менән интектереп баҫалҡыландырҙы. Һуңынан һеҙ ҙә, ата-бабаларығыҙ ҙа белмәгән майҙә менән туйындырҙы. Кешенең икмәк менән генә түгел, ә Раббы әйткән һәр бер һүҙ менән дә йәшәгәнен белдерер өсөн эшләне быны. Ҡырҡ йыл буйы өҫтөңдәге кейемең дә туҙманы, аяғың да шешмәне. Күңелеңдән шуны бел, кеше үҙ балаһына нисек тәрбиә бирә, Аллаң Раббы ла һине шулай тәрбиәләй. Шулай итеп, Аллаң Раббының бойороҡтарын үтә, Уның юлынан йөрө, Унан ҡурҡ. Аллаң Раббы һине йылғалар аҡҡан, үҙәндәрҙән һәм тауҙарҙан инештәр, шишмәләр сыҡҡан бәрәкәтле ергә алып бара. Бойҙайы, арпаһы, йөҙөм, инжир, анар, зәйтүн ағастары һәм балы булған ергә. Унда икмәгеңде фәҡирҙәрсә ашамаҫһың, бер нәмәгә лә мохтажлыҡ күрмәҫһең. Ерендәге таштарҙан тимер, ә тауҙарынан баҡыр сығарырһың. Тамағыңа ашап туйғас, һеҙгә бирелгән бәрәкәтле ер өсөн Аллаң Раббыға шөкөр ит. Ҡара уны, Раббының бөгөн минең аша һеҙгә белдергән бойороҡтарын, ҡанундарын һәм ҡағиҙәләрен үтәмәүҙән, Аллаң Раббыны онотоуҙан һаҡлан. Ашап-эсеп туйғанда ла, матур өйҙәр төҙөп уларҙа йәшәгәндә лә, эре малың да, ваҡ малың да, алтының да, көмөшөң дә – бөтә нәмәң мул булғанда, ҡара уны, йөрәгең тәкәбберләнеп, Раббыны, һине Мысыр еренән, ҡоллоҡ йортонан алып сыҡҡан Аллаңды, онота күрмә. Ул һине бөйөк һәм дәһшәтле сүллектән, ағыулы йыландар, саяндар тулы булған, ҡорғаҡһыған ҡоро ерҙәрҙән алып сыҡты. Ул һиңә саҡматаш ҡаянан шишмә сығарҙы. Ул сүлдә ата-бабаларың да белмәгән майҙә менән тамағыңды туйҙырҙы. Ә Ул быларҙы һине баҫалҡыландырыр һәм һынар, ә һуңынан игелек ҡылыр өсөн эшләне. «Был байлыҡты үҙ тырышлығым һәм ҡул көсөм менән таптым», – тип уйлама. Аллаң Раббыны иҫеңдә тот, сөнки Ул һиңә байлыҡ табырға көс бирә – ата-бабаларың менән антлашып төҙөгән килешеүҙе шул рәүешле Ул бөгөнгәсә үтәп килә. Әгәр Аллаң Раббыны онотоп, башҡа илаһтар артынан китһәң, уларға хеҙмәт итеп алдарында баш эйһәң, бөгөн шаһитлыҡ ҡылып әйтәм, һеҙ юҡҡа сығасаҡһығыҙ. Әгәр Аллағыҙ Раббының әйткәнен тыңламаһағыҙ, алдығыҙҙан юҡ итәсәк башҡа халыҡтар кеүек, һеҙ ҙә һәләк буласаҡһығыҙ. Тыңла, Исраил! Бөгөн һеҙҙән күберәк һәм көслөрәк ҡәүемдәрҙең ерҙәрен биләү өсөн Иордан аша сығырһың. Уларҙың ҙур, күккә олғашып торған нығытмалар менән уратылған ҡалаларын алыр өсөн күп һанлы, оҙон буйлы халыҡҡа, Ғанаҡ тоҡомдарына, ҡаршы бараһың. Уларҙы һин беләһең. «Кем ғанаҡтарға ҡаршы тора алыр?» – тигәнде ишеткәнең бар. Бөгөн иһә бел, Аллаң Раббы ялмап алыусы ялҡын кеүек һинән алда бара. Уларҙы ҡырып-емерәсәк, алдыңа ҡолатып һаласаҡ. Уларҙы ҡыуалаясаҡһың һәм, Раббы һиңә нисек әйткән булһа, тиҙҙән шулай юҡ итәсәкһең. Аллағыҙ Раббы был ҡәүемдәрҙе алдығыҙҙан ҡыуғанда: «Раббы беҙҙе тоғро булғанға күрә был ерҙе биләргә алып килде», – тип уйламағыҙ. Раббы был ҡәүемдәрҙе ҡылған яуызлыҡтары өсөн алдығыҙҙан ҡыуа. Был ерҙе тоғролоғоң һәм тәҡүәлегең өсөн милек итеп алырға бармайһың. Аллаң Раббы был халыҡтарҙы ҡылған яуызлыҡтары өсөн һәм ата-бабаларың Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа ант итеп әйткән вәғәҙәһен үтәр өсөн күҙ алдыңдан ҡыуа. Шуны аңла: был бәрәкәтле ерҙе Аллаң Раббы һиңә биләмәгә тоғро йөрәгең өсөн бирмәй. Ысынында һеҙ – тиҫкәре халыҡ. Аллаң Раббыны сүлдә нисәмә тапҡыр асыуландырғаныңды иҫеңдә тот, һис онотма. Мысырҙан сыҡҡан көндән башлап, бөгөн ошо ергә килеп еткәнгә тиклем, һеҙ һәр саҡ Раббыға ҡаршылаштығыҙ. Хорев тауында ла Раббыны шул тиклем ҡыҙҙырҙығыҙ, хатта Ул, асыуланып, һеҙҙе юҡ итергә теләне. Мин таҡтаташтарҙы – Раббының һеҙҙең менән төҙөгән килешеүе яҙылған таҡтаташтарҙы – алырға тауға мендем; унда ҡырҡ көн, ҡырҡ төн булдым: икмәк ашаманым, һыу эсмәнем. Миңә Раббы ике таҡтаташ бирҙе. Алла ҡулы менән яҙылған был таҡтаташтарҙа Раббы һеҙгә йыйын көнөндә ут эсенән әйткән һүҙҙәр яҙылғайны. Ҡырҡ көн һәм ҡырҡ төн үткәс, ике таҡтаташ, килешеү таҡтаташтарын бирҙе. Шунан Раббы: «Тиҙерәк түбәнгә төш, сөнки һинең Мысырҙан алып сыҡҡан халҡың тамам аҙҙы. Мин бойорған юлдан бик тиҙ тайпылдылар, үҙҙәренә ҡойолма илаһ яһап алдылар», – тине. Раббы миңә тағы: «Күреп торам, был халыҡ ысынлап та тиҫкәре, – тине. – Туҡтатырға тырышма Мине. Уларҙы ҡырып бөтөрәм, күк йөҙө аҫтында исемдәрен юям. Ә һинән уларҙан да көслөрәк һәм күберәк халыҡты бар ҡылам». Мин боролоп тауҙан төшөп киттем. Тау иһә ут булып яна ине, ә минең ҡулымда – килешеү таҡтаташтары. Күрҙем, Аллағыҙ Раббыға ҡаршы гонаһ эшләгәнһегеҙ, үҙегеҙгә үгеҙ башмаҡҡа оҡшаған һын ҡойоп алғанһығыҙ. Раббының һеҙгә бойорған юлынан бик тиҙ тайпылғанһығыҙ. Ҡулымдағы ике таҡтаташты күҙ алдығыҙҙа ергә күтәреп бәрҙем дә улар селпәрәмә килеп ватылды. Һеҙҙең барлыҡ гонаһтарығыҙ өсөн, Раббы алдында яуызлыҡ ҡылып Уны асыуландырған өсөн йәнә ҡырҡ көн, ҡырҡ төн ашамай-эсмәй Раббы алдында ергә ҡапланып, ялбарып һораным. Раббының һеҙгә булған асыуынан һәм ярһыуынан ҡурҡтым, сөнки Ул һеҙҙе юҡ итергә теләне. Әммә Раббы мине был юлы ла тыңланы. Раббы Һарунға ла бик ныҡ асыуланды, уны ла һәләк итергә теләне. Әммә мин Һарун өсөн дә ялбарҙым. Ә яһаған гонаһ әйберегеҙҙе – һеҙ ҡойоп яһаған үгеҙ башмаҡ һынын алып утта яндырҙым, уны ваттым да, туҙанға әйләнгәнсе онтаным. Шунан ул саңды тауҙан сыҡҡан ағын һыуға һиптем. Тавғырала, Массала, Ҡивроҫ-Һаттауала ла Раббыны асыуландырҙығыҙ. Ул һеҙгә Ҡадеш-Барнеағта: «Барығыҙ, Мин һеҙгә биргән ерҙе барып алығыҙ», – тип ҡушҡанда ла Аллағыҙ Раббының бойороғона ҡаршы төштөгөҙ. Уға ышанманығыҙ, әйткәндәренә ҡолаҡ һалманығыҙ. Мин һеҙҙе белә башлағандан алып, Раббыға буйһонмаҫ бер халыҡ булдығыҙ. Раббы һеҙҙе юҡ итәсәген әйткән өсөн, Уның алдында ҡырҡ көн, ҡырҡ төн ергә ҡапланып яттым. Раббыға ялбарып әйттем: «Хакимым Раббы, бөйөк ҡеүәтең менән йолоп алған, ҡулыңдың ҡөҙрәте менән Мысырҙан сығарған халҡыңды, Үҙ биләмәңде, һәләк итмә. Ҡолдарың Ибраһимды, Исхаҡты, Яҡупты иҫкә ал. Һин был халыҡтың тиҫкәрелегенә, яуызлығына һәм гонаһтарына ҡарама. Юҡһа Һин беҙҙе алып сыҡҡан ерҙә йәшәүселәр: „Раббы уларҙы бирергә вәғәҙә иткән ергә алып бара алманы. Ул был халыҡҡа нәфрәтләнгән өсөн уларҙы сүлдә үлтереү маҡсаты менән бынан алып сыҡты“, – тип әйтер. Әммә улар – Һинең халҡың, Һинең биләмәң. Һин уларҙы бөйөк көсөң, һуҙылған ҡулың менән Мысырҙан алып сыҡтың». Шул ваҡыт Раббы миңә: «Үҙеңә элеккеләренә оҡшатып ике таҡтаташ юнып ал да яныма тауға мен, – тип бойорҙо. – Ағастан һандыҡ та яһа. Ә мин унда һин ярған таҡтаташтағы һүҙҙәрҙе тағы яҙырмын. Һуңынан уларҙы һандыҡҡа һалырһың». Сәрүәр ағасынан һандыҡ эшләнем, таштан элеккеләренә оҡшатып ике таҡтаташ юнып алдым да, шуларҙы ҡулыма тотоп, тауға мендем. Раббы тауҙа йыйын көнөндә ут эсенән һеҙгә белдергән ун бойороҡто таҡтаташтарға элекке кеүек яҙҙы ла миңә бирҙе. Шунан һуң мин, кире боролоп, тауҙан төшөп киттем. Раббының бойороғо буйынса, таҡтаташтарҙы үҙем яһаған һандыҡҡа һалдым. Улар әле лә шунда ята. Исраил халҡы Беероҫ-Бене-Яғаҡандан Мосераға йүнәлде. Һарун унда вафат булды һәм шунда ерләнде. Уның урынына ҡаһин булып улы Әлғазар ҡалды. Исраилдар унан Гудгодаға, Гудгоданан Йотбаҫаға, мул һыулы урынға, йүнәлде. Ошо ваҡытта Раббы Үҙенең Килешеү һандығын күтәреп йөрөтһөндәр, ҡаршыһында Үҙенә хеҙмәт итһендәр һәм Уның исеме менән фатиха бирһендәр өсөн Леви ырыуын айырып алды. Был әлеге көндә лә шулай дауам итә. Шуға күрә левиҙәргә, башҡа ағай-энеләренән айырмалы рәүештә, биләмә һәм өлөш бирелмәне. Аллағыҙ Раббының уларға биргән һүҙе буйынса, уларҙың өлөшө – Раббы Үҙе. – Элекке кеүек тауҙа мин ҡырҡ көн һәм ҡырҡ төн булдым, – тине Муса. – Был юлы ла Раббы мине тыңланы һәм һеҙҙе һәләк итмәй ҡалдырҙы. Шунан миңә: «Тор, был халыҡты алып юлға сыҡ. Мин ант итеп ата-бабаларына бирергә вәғәҙә иткән ерҙе барып алһындар», – тине. – Шулай итеп, эй Исраил халҡы, Аллаң Раббы һинән нимә теләй? Бары шуны ғына: Аллағыҙ Раббынан ҡурҡ, Уның юлынан йөрө, Уны ярат, бөтөн йөрәгең һәм бар булмышың менән Уға хеҙмәт ит, Раббының бөгөн мин һеҙгә белдергән бойороҡтарын һәм ҡағиҙәләрен үтә. Шулай эшләһәгеҙ, һеҙгә игелек булыр. Күк һәм күктәрҙең асманы ла, ер йөҙө һәм ундағы бөтә нәмәләр ҙә Аллағыҙ Раббыныҡы; ләкин Раббы бары тик аталарығыҙҙы ғына яҡын күрҙе һәм яратты. Бөгөн күргәнегеҙсә, бар халыҡтар араһынан һеҙҙе, уларҙың тоҡомон, һайлап алды. Шуға күрә йөрәктәрегеҙҙе сөннәтләгеҙ, башҡаса тиҫкәре булмағыҙ. Сөнки Аллағыҙ Раббы – ул аллаларҙың Аллаһы, хакимдар Хакимы, бөйөк, ҡөҙрәтле һәм дәһшәтле Алла. Ул кемдең кем икәненә ҡарамай, ришүәт тә алмай. Ул үкһеҙҙәрҙең һәм тол ҡатындарҙың хаҡын ҡайғырта, килмешәкте лә ярата, уға ризыҡ һәм кейем бирә. Һеҙ ҙә килмешәктәрҙе яратығыҙ, сөнки һеҙ ҙә Мысырҙа килмешәк булдығыҙ. Аллағыҙ Раббынан ҡурҡ, Уға ғына хеҙмәт ит, Уға һыйын һәм Уның исеме менән ант ит. Ул – һинең даның, үҙ күҙҙәрең менән күргән бөйөк һәм дәһшәтле эштәрҙе һеҙҙең өсөн эшләгән Аллаң. Ата-бабаларыңдан Мысырға етмеш кеше килгәйне. Ә хәҙер һеҙҙе Аллаң Раббы күктәге йондоҙҙар һымаҡ күбәйтте. Шулай итеп, Аллаң Раббыны ярат һәм һәр ваҡыт Уның барлыҡ ҡарарҙарын, ҡағиҙәләрен һәм ҡанундарын тот. Бөгөн шуны аңлағыҙ: Аллағыҙ Раббының һабаҡтарын улдарығыҙ түгел, ә һеҙ үҙегеҙ күрҙегеҙ һәм башығыҙҙан кисерҙегеҙ. Һеҙ Уның бөйөклөгөн, ҡөҙрәтен һәм һуҙылған ҡулын, хикмәттәрен, Мысыр батшаһы фирғәүенгә, бөтә Мысыр иленә ҡылған ғәмәлдәрен, Мысыр ғәскәренә, аттарына, һуғыш арбаларына ниҙәр эшләгәнен; мысырҙар һеҙҙе баҫтырғанда уларҙы нисек Ҡамышлы диңгеҙгә батырғанын, уларҙы бөгөнгә тиклем нисек юҡ иткәнен күрҙегеҙ. Был урынға килеп еткәнсе, Раббы сүллектә һеҙҙең өсөн ниҙәр эшләгәнен; Рәүвән ырыуынан Әлиавтың улдарына – Даҫан менән Авирамға нимә эшләгәнен күрҙегеҙ. Бөтә Исраилдың күҙе алдында ер убылып, ғаиләләре, сатырҙары, булған бар мөлкәттәре менән уларҙы ер йотто. Раббының ҡылған был бөйөк эштәрен һеҙ үҙ күҙҙәрегеҙ менән күрҙегеҙ. Шулай итеп, бөгөн мин һеҙгә еткергән бөтә бойороҡтарҙы үтәгеҙ. Шул саҡта ғына көслө булырһығыҙ, инергә йыйынған ерҙе яулап алырһығыҙ һәм Раббы ата-бабаларығыҙға, уларҙың тоҡомона бирергә ант иткән, һөт менән бал аҡҡан был ерҙә оҙон-оҙаҡ йәшәрһегеҙ. Һеҙ биләргә тип аяҡ баҫаһы ер һеҙ сыҡҡан Мысыр иле кеүек түгел. Унда бит орлоҡ сәсһәң, һыуҙы, баҡсаны һуғарған һымаҡ, үҙ ҡулдарың менән ташып һибергә кәрәк ине. Һеҙ йылға аша сығып биләргә бараһы ер – тауҙар һәм үҙәндәр иле, ул күктең ямғыры менән һуғарыла. Был ерҙе Аллаң Раббы Үҙе ҡайғырта: Аллаң Раббы уны йыл әйләнәһенә күҙ уңынан ысҡындырмай. Раббы былай тине: «Бөгөн Мин һеҙгә бойорғандарға ҡолаҡ һалһағыҙ, Аллағыҙ Раббыны яратһағыҙ һәм Уға бөтөн йөрәгегеҙ һәм бар булмышығыҙ менән хеҙмәт итһәгеҙ, ул саҡта ерегеҙгә ямғырҙы яҙын да, көҙөн дә ваҡытында яуҙырырмын; ашлығың да, йөҙөм шарабың да, зәйтүн майың да булыр. Яланыңда малың өсөн үләнде лә бирермен. Үҙегеҙ ҙә туҡ йәшәрһегеҙ». Әммә һаҡ булығыҙ, күңелегеҙ алданып, юлдан яҙып, башҡа илаһтарға хеҙмәт итә һәм табына башламағыҙ. Ул саҡта Раббының асыуы ялҡынланыр һәм Ул күктәрҙе бикләп ҡуйыр, ямғыр булмаҫ, ер үҙенең уңышын бирмәҫ. Ә һеҙ Раббы бирәсәк бәрәкәтле ерҙә бик тиҙ һәләк булырһығыҙ. Шулай итеп, был һүҙҙәремде йөрәгегеҙгә һәм күңелегеҙгә һалып ҡуйығыҙ, билдә итеп ҡулығыҙға бәйләгеҙ, ҡаш өҫтөндә маңлайса итеп йөрөтөгөҙ. Уларҙы балаларығыҙға өйрәтегеҙ, өйҙә ултырғанда ла, юл йөрөгәндә лә, ятҡанда ла, торғанда ла телегеҙҙән төшөрмәгеҙ. Уларҙы өйөгөҙҙөң ишек яңаҡтарына, ҡала ҡапҡаларына яҙып ҡуйығыҙ. Шулай эшләһәгеҙ, Раббы аталарығыҙға бирергә ант иткән тупраҡта үҙегеҙҙең дә, балаларығыҙҙың да ғүмере оҙон булыр һәм күк йөҙө ер өҫтөндә күпме торһа, һеҙ һәм нәҫелдәрегеҙ унда шул тиклем йәшәрһегеҙ. Әгәр ҙә һеҙ мин белдергән ошо бөтә бойороҡтарҙы теүәл үтәһәгеҙ, Аллағыҙ Раббыны яратһағыҙ, бары Уның юлдарынан йөрөһәгеҙ һәм Уға һыйынһағыҙ, ул сағында Раббы ошо ҡәүемдәрҙең барыһын да күҙ алдығыҙҙан ҡыуып ебәрер. Һеҙ үҙегеҙҙән күмәгерәк һәм көслөрәк халыҡтарҙың ерҙәрен яулап алырһығыҙ. Аяғығыҙ баҫҡан һәр ер һеҙҙеке булыр; сиктәрегеҙ сүлдән Ливанға, Евфрат йылғаһынан көнбайыш диңгеҙгә тиклем һуҙылыр. Бер кем дә һеҙгә ҡаршы тора алмаҫ: Аллағыҙ Раббы вәғәҙә иткәнсә, аяҡ баҫҡан бөтә ерҙә һеҙҙән ҡурҡыу һәм тетрәнеү тыуҙырыр. Бына бөгөн мин һеҙгә фатиха йәки ҡарғыш һайларға тәҡдим итәм. Әгәр Аллағыҙ Раббының бөгөн мин һеҙгә әйткән ҡарар-ҡанундарын тыңлаһағыҙ, фатиха алырһығыҙ. Әгәр Аллағыҙ Раббының бойороҡтарын тыңламаһағыҙ, үҙегеҙ белмәгән илаһтар артынан эйәреп, бөгөн һеҙгә бойорған юлдан тайпылһағыҙ, ләғнәткә дусар булырһығыҙ. Аллағыҙ Раббы һеҙҙе биләйәсәк ерегеҙгә алып ингәс, Геризим тауында фатиха, Ғевал тауында ҡарғыш уҡырһығыҙ. Был ике тау, белеүегеҙсә, Иордан йылғаһының аръяғында, юлдың көнбайышында, Ғарава тигеҙлегендә йәшәгән ҡәнғәни халҡы ерендә, Гилгал ҡаршыһында, Море имәнлеге янында урынлашҡан. Аллағыҙ Раббының һеҙгә бирәсәк ерен үҙегеҙгә алыр өсөн Иордан аша сыҡҡас һәм, уны яулап алып, шунда йәшәй башлағас, ҡарағыҙ уны, мин бөгөн һеҙгә иғлан иткән бөтә ҡағиҙә һәм ҡанундарҙы теүәл үтәгеҙ. Ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы Раббы һеҙгә биләмә итеп бирәсәк ерҙә һеҙ ғүмерегеҙ буйы теүәл үтәргә тейеш булған ҡағиҙә һәм ҡанундар бына ошо. Һеҙ яулап алған ҡәүемдәрҙең бейек тауҙарҙа һәм ҡалҡыулыҡтарҙа, мул япраҡлы ағас аҫтында үҙ илаһтарына табына торған бөтә урындарын юҡ итегеҙ. Ҡорбан усаҡтарын емерегеҙ, табыныу бағаналарын юҡ итегеҙ, алиһә Ашера хөрмәтенә ҡуйылған ҡолғаларын утта яндырығыҙ, илаһтарының боттарын ватығыҙ – ул урында уларҙың исемдәре лә иҫкә төшмәҫлек булһын. Һеҙ Аллағыҙ Раббыға бындай бер нәмә лә эшләргә тейеш түгелһегеҙ. Аллағыҙ Раббы бөтә ырыуҙарығыҙҙың ерҙәре араһынан Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн һайлап алған урынға ғына барығыҙ, Раббыға унда табынығыҙ. Үҙегеҙҙең тотош яндырыу һәм башҡа ҡорбандарығыҙҙы, ерегеҙҙән алған уңыштың ундан бер өлөшөн, саҙаҡаларығыҙҙы, нәҙер итеп әйткән бүләктәрегеҙҙе, үҙ ихтыярығыҙҙан сығып бирә торған ҡорбандарҙы, эре һәм ваҡ малдың тәүге үрсемен шунда алып килегеҙ. Шул урында, Аллағыҙ Раббының фатихаһы менән эшләп тапҡандарығыҙ өсөн ҡыуанып, Аллағыҙ Раббы алдында ғаиләләрегеҙ менән ашағыҙ һәм күңел асығыҙ. Бөгөн беҙ ҡылғанды ҡабатламағыҙ – бында һәр кем үҙ белдеге менән дөрөҫ тип иҫәпләгәнде эшләй. Әлегә һеҙ тыныс урынға, Аллағыҙ Раббы бирәсәк ергә етмәгәнһегеҙ әле. Ә бына Иордан йылғаһын кисеп, Аллағыҙ Раббы биләмә итеп бирәсәк ергә төйәкләнгәс, Раббы һеҙҙе тирә-яғығыҙҙағы бөтә дошмандарҙан ҡотҡарып тынысландырасаҡ һәм һеҙ имен-аман йәшәйәсәкһегеҙ. Шул сағында Аллағыҙ Раббы ниндәй урын һайлай, Уның исеме шул ерҙә булыр. Мин һеҙгә бойорған бөтә нәмәләрҙе: тотош яндырыу һәм башҡа ҡорбандарығыҙҙы, ерегеҙҙән алған уңыштың ундан бер өлөшөн һәм саҙаҡаларығыҙҙы, Раббыға нәҙер итеп әҙерләп ҡуйған һайланма бүләктәрегеҙҙе шунда килтерегеҙ. Үҙегеҙ, улдарығыҙ, ҡыҙҙарығыҙ, ир һәм ҡатын-ҡыҙ ҡолдарығыҙ, үҙ өлөшө һәм биләмәһе булмаған һәм ҡалаларығыҙҙа йәшәгән левиҙәр Аллағыҙ Раббы алдында бергәләшеп күңел асығыҙ. Тотош яндырыу ҡорбандарын теләһә ниндәй урында килтереүҙән һаҡ булығыҙ. Тотош яндырыу ҡорбандарын ырыуҙарығыҙҙың береһендә Раббы һайлаған урында ғына килтерегеҙ һәм мин бойорған һәр нәмәне шунда ғына эшләрһегеҙ. Хәйер, Аллағыҙ Раббының һеҙгә биргән бәрәкәтенә күрә йәшәгән урындарығыҙҙа ла мал һуйып, йәнегеҙ теләгән тиклем ит ашай алаһығыҙ. Пак кеше лә, нәжес кеше лә был итте ғәзәл йәки болан ите һымаҡ уҡ ашай ала. Тик ҡан ашамағыҙ. Ҡанды һыу кеүек ергә ағыҙығыҙ. Ашлығығыҙҙың, шарабығыҙҙың, зәйтүн майығыҙҙың ундан бер өлөшөн, эре һәм ваҡ малығыҙҙың тәүге үрсемен, нәҙер ҡорбандарығыҙҙы, үҙ ихтыярығыҙҙан сығып бирә торған ҡорбандар һәм саҙаҡаларығыҙҙы йәшәгән урындарығыҙҙа ашарға ярамай. Һеҙ уларҙы тик Аллағыҙ Раббы һайлаған урында, Аллағыҙ Раббы алдында ул-ҡыҙҙарығыҙ, ир һәм ҡатын-ҡыҙ ҡолдарығыҙ, һеҙҙең төйәктә йәшәгән левиҙәр менән бергә ашарға тейешһегеҙ. Аллағыҙ Раббы хозурында эшләп тапҡандарығыҙ өсөн һөйөнөрһөгөҙ. Ҡарағыҙ уны, илегеҙҙә йәшәгән левиҙәрҙе ғүмер буйы ҡайғыртығыҙ. Аллағыҙ Раббы, Үҙе вәғәҙә иткәнсә, йәшәр ерегеҙҙе киңәйткәс, ит ашағығыҙ килеп: «Ит ашайым әле», – тип әйтһәгеҙ, һеҙ уны йәнегеҙ теләгәнсә ашай алырһығыҙ. Әгәр Аллағыҙ Раббы Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн һайлап алған урын йәшәгән ерегеҙҙән алыҫ икән, ул ваҡытта һеҙ, Раббы биргән эре йәки ваҡ малды, мин бойорғанса, сала алаһығыҙ. Уны торлағығыҙҙа, йәнегеҙ теләгәнсә ашағыҙ. Уларҙы ғәзәл менән боланды ашаған кеүек ашағыҙ, пак кеше лә, нәжесе лә ейә ала уны. Тик ҡан ашауҙан һаҡ бул. Ҡан ашама, сөнки ҡан ул – йән, ит менән бергә йән ашама. Ашама уны, һыу һымаҡ ергә түк. Ҡан ашамаһағыҙ, үҙең дә, үҙеңдән һуң килгән балаларың да игелек күрер, сөнки һеҙ Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәл ҡылырһығыҙ. Изге ҡорбандарығыҙҙы, нәҙер итеп әйткән бүләктәрегеҙҙе алып, Раббы һайлаған урынға килтерегеҙ. Тотош яндырыу ҡорбандарығыҙҙы ите һәм ҡаны менән бергә Раббының ҡорбан усағында тәҡдим итегеҙ. Башҡа ҡорбандарығыҙҙың ҡаны Раббының ҡорбан килтереү урынында ғына түгелергә тейеш, ә итен ашағыҙ. Һеҙгә белдергән бөтә был бойороҡтарҙы тыңлағыҙ һәм бойомға ашырығыҙ, шул сағында үҙегеҙгә һәм һеҙҙән һуң килгән балаларығыҙға мәңге яҡшы булыр, сөнки һеҙ Раббы күҙендә яҡшы һәм дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылаһығыҙ. Аллағыҙ Раббы һеҙ биләйәсәк ерҙәге халыҡтарҙы күҙ алдығыҙҙан юҡ иткәс, һеҙ улар еренә инеп урынлашҡас, шул сағында һаҡ булығыҙ, уларға эйәреп тоҙаҡҡа эләгә күрмәгеҙ. Улар юҡ ителгәс: «Был халыҡтар үҙҙәренең илаһтарына нисек табынған булһалар, мин дә шулай эшләйем», – тип, уларҙың илаһтары менән ҡыҙыҡһынмағыҙ. Аллағыҙ Раббыға улай ғибәҙәт ҡылмағыҙ. Улар илаһтарына Раббы нимәнән ерәнә һәм күрә алмай, шуларҙы эшләй: хатта үҙҙәренең улдарын һәм ҡыҙҙарын, илаһтарына ҡорбан итеп, утта яндыралар. Һеҙгә әйтеп ҡуям, мин бойорғандарҙың барыһын да теүәл үтәгеҙ; үҙегеҙҙән бер нәмә лә өҫтәмәгеҙ ҙә, кәметмәгеҙ ҙә. Әгәр арағыҙҙан пәйғәмбәр йә төш юраусы килеп сыҡһа һәм һеҙгә берәй хикмәт йәки мөғжизә буласағын һөйләһә, һәм ул һөйләгән хикмәт йәки мөғжизә ғәмәлгә ашһа, шунан сығып, ул һиңә: «Әйҙә, һин белмәгән башҡа илаһтарға эйәрәйек һәм уларға хеҙмәт итәйек», – тиһә, һин был пәйғәмбәрҙең йәки төш юраусының һүҙен тыңлама – Аллағыҙ Раббы Үҙен бөтөн йөрәгегеҙ, бар булмышығыҙ менән яратаһығыҙмы икәнен белер өсөн һеҙҙе шулай һынай. Бары тик Аллағыҙ Раббыға эйәрегеҙ, Унан ҡурҡығыҙ, бойороҡтарын үтәгеҙ, әйткәндәрен тыңлағыҙ, Уға хеҙмәт итегеҙ һәм һыйынығыҙ. Ә теге пәйғәмбәрҙе йәки төш юраусыны һеҙҙе Мысырҙан сығарған һәм ҡоллоҡ йортонан йолоп алған Раббығыҙҙан ваз кисергә өгөтләгәне һәм һеҙҙе Аллағыҙ Раббы барырға ҡушҡан юлдан яҙҙырырға теләгәне өсөн үлемгә дусар итегеҙ. Арағыҙҙан яуызлыҡты шулай йолҡоп ташлағыҙ. Әгәр ҙә һинең бер туғаның, улың, ҡыҙың, яратҡан ҡатының йәки йән дуҫың һин дә, ата-бабаларың да белмәгән башҡа илаһтарға хеҙмәт итергә саҡырһа һәм һине аҫтыртын ғына аҙҙырырға тырышһа, эргә-тирәңдәге халыҡтарҙың аллаһымы ул, әллә ерҙең был осонан икенсе осона тиклемге алыҫлыҡта йәшәгән халыҡтарҙыҡымы, тыңлама, һүҙҙәренә ҡолаҡ һалма. Уны аяма, йәлләп яҡлама. Уны мотлаҡ рәүештә үлтер. Уға иң тәүҙә һин, шунан ғына барса халыҡ таш ырғытһын. Таш бәреп үлтер уны. Сөнки ул Аллаң Раббынан, һине Мысырҙан, ҡоллоҡ йортонан алып сыҡҡан Аллаңдан биҙҙерергә теләне. Был хаҡта барлыҡ Исраил ишетер ҙә ҡурҡыр һәм артабан бындай яманлыҡ эшләүҙән тыйылыр. Әгәр Аллаң Раббы һиңә йәшәр өсөн биргән ҡалаларыңдың береһендә, үҙ даирәңдә йүнһеҙ кешеләр барлыҡҡа килгәнен һәм ҡала халҡын һеҙ белмәгән илаһтар артынан эйәрергә һәм уларға табынырға саҡырғандарын ишетһәң, һин быны тикшер һәм яҡшылап һораш. Әгәр был хәл раҫланһа һәм араңда шундай әшәкелек булһа, ул ҡаланың кешеләрен ҡылыс менән тураҡла. Бөтә ҡаланы һәм ундағы барлыҡ нәмәне, мал-тыуарҙы ла индереп, харам ҡыл – ҡылыстан үткәр. Бар яумалды йыйып, майҙан уртаһына өйөп ҡуй. Ҡаланы бөтә яумал менән бергә Аллаң Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны итеп яндыр. Ҡала мәңгегә емерелеп ятһын, ҡабаттан яңыртып төҙөлмәһен. Юҡ ителергә тейеш булған әйберҙәрҙән үҙеңә бер нәмә лә алма. Шул саҡта Раббының ялҡынлы асыуы баҫылыр, һиңә миһырбанын күрһәтер, рәхимле булыр һәм, ата-бабаларығыҙға ант итеп әйткәненсә, халҡыңды ишле итер. Аллағыҙ Раббының әйткәнен тыңлаһағыҙ, Уның бөгөн мин һеҙгә еткергән бөтә бойороҡтарын үтәһәгеҙ һәм Аллағыҙ Раббы хуш күргән ғәмәлдәр ҡылһағыҙ, барыһы ла шулай булыр. Һеҙ – Аллағыҙ Раббының балалары. Шуға күрә берәйһе үлә ҡалһа, ҡайғы билдәһе итеп, тәнегеҙҙе йәрәхәтләмәгеҙ, башығыҙҙың алғы яғын ҡырмағыҙ. Һеҙ – Аллағыҙ Раббы өсөн изге халыҡ. Раббы ер йөҙөндә булған бөтә халыҡтар араһынан Үҙ халҡы итеп һеҙҙе һайлап алды. Әшәке нәмәләр ашамағыҙ. Ошо хайуандарҙың ғына итен ашарһығыҙ: һыйыр малы, һарыҡ, кәзә, болан, ғәзәл, сайғаҡ, ҡоралай, зубр, антилопа, тау бәрәсе. Көйшәй торған һәм айыры тояҡлы бөтә хайуандарҙың да итен ашарға ярай. Айыры тояҡлы, ләкин көйшәмәгән, йәки көйшәгән, әммә айыры тояҡлы булмаған хайуандың итен ашарға ярамай: дөйәне, ҡуянды һәм даманды, сөнки көйшәһәләр ҙә, айыры тояҡлы түгелдәр – улар һеҙгә хәрәм. Сусҡаны – тояҡтары айыры булһа ла, ул көйшәмәй, шуға күрә һеҙгә хәрәм. Уларҙың итен ашамағыҙ һәм үләкһәһенә ҡағылмағыҙ. Һыуҙа йәшәгәндәрҙән йөҙгөстәре һәм тәңкәләре булғандарын ашағыҙ. Ә йөҙгөстәре һәм тәңкәләре булмағандарын ашамағыҙ, улар һеҙҙең өсөн хәрәм. Хәләл булған бөтә ҡоштарҙы ашағыҙ. Тик уларҙан һеҙгә ашамай торғандары: бөркөт, таҙғара һәм диңгеҙ бөркөтө, төйлөгән, ыласындың бөтә төрҙәре, ҡоҙғондоң бөтә төрҙәре. Дөйәғош һәм ябалаҡ, аҡсарлаҡ һәм ҡарсығаның бөтә төрҙәре. Бәләкәй ябалаҡ, өкө, ибис, берғаҙан, сип, диңгеҙ ҡоҙғоно, ҡауҙы, селәндең бөтә төрҙәре, һөҙһөт һәм ваҡ ярғанат – уларҙы ашарға ярамай һеҙгә. Бөтә ҡанатлы бөжәктәр һеҙҙең өсөн хәрәм, уларҙы ашамағыҙ. Һәр төрлө хәләл ҡошто ашағыҙ. Үҙ үлеме менән үлгән хайуанды ашамағыҙ, сөнки һеҙ – Аллағыҙ Раббының изге халҡы. Уны арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәргә бирә йәиһә сит ҡәүем кешеләренә һата алаһығыҙ. Кәзә бәрәсен инәһенең һөтөндә бешермәгеҙ. Баҫыуығыҙҙа өлгөргән уңыштың ундан бер өлөшөн йыл һайын айырып ҡуйығыҙ. Ашлығығыҙҙың, яңы шарабығыҙҙың, зәйтүн майығыҙҙың ундан бер өлөшөн, һыйырҙарығыҙҙың тәүге быҙауын, һарыҡтарығыҙҙың тәүге бәрәсен Аллағыҙ Раббы Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн һайлап алған урында, Уның хозурында ашағыҙ. Быны һеҙ һәр ваҡыт Аллағыҙ Раббынан ҡурҡып, Уны хөрмәтләргә өйрәнеү өсөн эшләгеҙ. Әгәр Аллағыҙ Раббы Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн һайлап алған урын алыҫ һәм юлы оҙон булып, Аллағыҙ Раббының фатихаһы менән өлгөргән уңышығыҙҙың ундан бер өлөшөн унда алып барырға мөмкинлегегеҙ булмаһа, уларҙы көмөшкә әйләндерегеҙ һәм, көмөштө алып, Аллағыҙ Раббы һайлаған ергә килегеҙ. Ошо көмөшкә йәнегеҙ теләгәндең бөтәһен дә: башмаҡ, һарыҡ, шарап, хәмер һатып алығыҙ ҙа уларҙы ғаиләгеҙ менән Аллағыҙ Раббы хозурында ашап-эсегеҙ, күңел асығыҙ. Арағыҙҙа йәшәгән левиҙе лә ҡалдырмағыҙ, сөнки уларҙың һеҙҙеке кеүек өлөшө һәм биләмәһе юҡ. Һәр өсөнсө йылдың аҙағында, шул йылғы уңыштың ундан бер өлөшөн алып, йәшәгән урынығыҙҙа һаҡлағыҙ. Уларҙы һеҙҙеке кеүек өлөштәре һәм биләмәләре булмаған левиҙәр, арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәр, етемдәр, тол ҡатындар килеп ашаһын һәм туйһын. Шулай эшләһәгеҙ, Аллағыҙ Раббы һәр эшегеҙгә фатихаһын бирер. Һәр етенсе йылдың аҙағында бурыстарҙы ғәфү итегеҙ. Бурыстарҙы кисереү шунан ғибәрәт: кем үҙенең яҡынына бурысҡа биреп торған, шул бурысты ғәфү итһен һәм башҡаса яҡынынан йәки туғанынан бурысты һорамаһын, сөнки әлеге йыл – Раббының бурыстарҙы ғәфү итеү йылы тип иғлан ителде. Килмешәккә үтескә биргәнеңде талап итергә була, ә исраил ҡәрҙәшеңдең бурысын кисер. Вәғәҙә иткәненсә, Аллағыҙ Раббы һеҙгә фатихаһын бирер, шул сағында һеҙ күп ҡәүемдәргә үтескә биреп торасаҡһығыҙ, ә үҙегеҙ алмаясаҡһығыҙ. Күп ҡәүемдәр өҫтөнән хакимлыҡ итерһегеҙ, ләкин улар һеҙҙең өҫтән хакимлыҡ итмәйәсәк. Аллағыҙ Раббы һеҙгә бирәсәк ерҙә берәй урында йәшәгән ҡәрҙәштәрегеҙҙең береһе фәҡирләнһә, күңелегеҙҙе ҡатырмағыҙ, ярлы туғанығыҙ алдында усығыҙҙы йоммағыҙ. Йомарт булығыҙ һәм күпме кәрәк, шулай биреп тороғоҙ. Күңелегеҙгә: «Етенсе йыл – бурыстарҙы кисереү йылы – яҡыная», – тигән ярамаған уй килеүҙән һаҡланығыҙ. Шулай уйлап, ярлы туғанығыҙға ҡараңғы сырай күрһәтмәгеҙ, уның үтенесен кире ҡаҡмағыҙ. Ярлы ҡәрҙәшегеҙ һинең хаҡта Раббыға зарланыр ҙа һин ғәйепле булырһың. Уға мул итеп, йәлләмәйенсә бирегеҙ; шулай эшләһәгеҙ, Аллағыҙ Раббы эшләп тапҡандарығыҙға, бөтә эшегеҙгә фатихаһын бирер. Сөнки ерегеҙҙә мохтаждар һәр саҡ булыр; шуға күрә һеҙгә бойорам: ярлы һәм мохтаж ҡәрҙәшегеҙгә ҡарата йомарт ҡуллы булығыҙ. Әгәр ғиври ҡәрҙәштәреңдән берәй ир йәки ҡатын үҙен һиңә ҡол итеп һатып, алты йыл эшләгән икән, етенсе йылында уны азат ит. Азат иткән сағыңда, уны буш ҡул менән ебәрмә. Был кешегә көтөүҙәреңдән, ырҙыныңдан һәм йөҙөм һыҡҡыстан мул итеп өлөш сығар. Аллағыҙ Раббы һиңә фатихалап нимә бирһә, һин дә ҡолоң булған кешегә мул итеп бир. Иҫеңдә тот, һин дә Мысыр ерендә ҡол булдың, һине унан Аллаң Раббы йолоп алды, шуға күрә был һүҙҙәрҙе мин бөгөн һиңә бойороҡ итеп әйтәм. Ә инде ҡолоң һине һәм ғаиләңде яратһа, һиндә уға рәхәт булһа: «Мин һинән китмәйем», – тиһә, беҙ ал да, уның ҡолаҡ япрағын ишек яңағына тиш, шул саҡта ул ғүмере буйы һинең ҡолоң булыр. Ҡолиә менән дә шулай эшлә. Ҡолоңдо иреккә ебәреүеңде ауыр ҡабул итмә, сөнки ул алты йыл эсендә ялланып хеҙмәт итеүселәрҙән ике тапҡырға артығыраҡ эшләне. Аллаң Раббы уның өсөн һәр эшеңә фатихаһын бирер. Һыйырҙың тәүге үгеҙ быҙауын, һарыҡтың тәүге тәкә бәрәсен Аллаң Раббыға бағышла. Тәүге булып тыуған үгеҙ малыңды эштә файҙаланма, һарыҡтың тәүге бәрәсенең йөнөн ҡырҡма. Йыл һайын ғаиләң менән бергә Аллаң Раббы алдында, Ул һайлаған урында шул малдарҙың итен аша. Әгәр ул малдың берәй кәмселеге булһа (аҡһаҡмы, һуҡырмы, башҡа төрлө зәғифлеге бармы), ул саҡта был малды Раббыға ҡорбан итеп килтермә. Әммә йәшәгән урындарығыҙҙа ашағыҙ уны. Пак кеше лә, нәжес кеше лә уны ғәзәл йәки болан ите һымаҡ ашай ала. Әммә ҡанын ашамағыҙ, уны һыу кеүек ергә ағыҙығыҙ. Авив айында, Аллаң Раббыны ололап, Ҡотҡарылыу байрамын үткәр, сөнки Ул ошо айҙа төндә һине Мысырҙан алып сыҡты. Раббы Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн һайлап алған урында ваҡ һәм эре малдан Аллағыҙ Раббыға Ҡотҡарылыу байрамы ҡорбандары сал. Ҡорбан ите менән бергә әсетеп бешерелгән икмәк ашама. Һин Мысырҙан бик ашығыс сығып киттең һәм, был көндө ғүмер буйы иҫтә тотоу өсөн, ете көн буйы сөсө ҡамырҙан бешкән икмәк – «хәсрәт икмәге» аша. Ете көн буйы илегеҙҙә бер ниндәй әсетке булмаһын. Тәүге көндөң кисендә салынған ҡорбаныңдан иртәнгә бер киҫәк ит тә ҡалмаһын. Ҡотҡарылыу байрамы ҡорбанын Аллаң Раббының һеҙгә бирәсәк ҡалаларының теләһә ҡайһыһында килтерә алмайһың. Һин уны Аллаң Раббы Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн һайлап алған урында ғына сал. Ҡорбанды һин нәҡ Мысырҙан сығып киткән ваҡытта – кис ҡояш байығанда сал. Итте Аллаң Раббы һайлаған урында бешереп аша, иртәгәһенә сатырыңа ҡайт. Алты көн буйы сөсө икмәк аша. Ә етенсе көндө Аллаң Раббы өсөн изге йыйын ойоштор һәм бер нәмә лә эшләмә. Ашлыҡ бешеп, ураҡ башланған көндән алып ете аҙна һана. Шунан Аллаң Раббы хөрмәтенә Аҙналар байрамы үткәр. Аллаң Раббының һиңә биргән бәрәкәтенә ҡарап, үҙ ихтыярыңдан сығып ҡорбан килтер. Аллаң Раббы хозурына килеп ул-ҡыҙҙарығыҙ, ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ ҡолдарығыҙ, һеҙҙең менән бергә йәшәгән левиҙәр, арағыҙҙағы килмешәктәр, етемдәр, тол ҡатындар Аллағыҙ Раббы Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн һайлап алған урында бергәләшеп күңел асығыҙ. Мысырҙа ҡол булғанығыҙҙы онотмағыҙ, был ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәгеҙ. Ашлығың йыйылып һуғылғас, йөҙөм баҡсаңдың уңышы йыйылғас, ете көн буйы Ҡыуыш байрамы үткәр. Байрамда үҙегеҙ, ул-ҡыҙҙарығыҙ, ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ ҡолдарығыҙ, һеҙҙең менән бергә йәшәгән левиҙәр, арағыҙҙағы килмешәктәр, етемдәр, тол ҡатындар бергәләшеп күңел асығыҙ. Аллаң һайлаған урында Раббы барлыҡ уңышыңа һәм эштәреңә фатиха биргәнгә шатланып, Аллаң Раббы хөрмәтенә ете көн буйы байрам ит. Рәхәтләнеп күңел ас! Бөтә ир-ат йылына өс тапҡыр – Сөсө икмәк байрамында, Аҙналар байрамында, Ҡыуыш байрамында – Аллағыҙ Раббы ҡаршыһына, Ул һайлаған урынға килергә тейеш. Бер кем дә Раббы хозурына буш ҡул менән килмәһен. Һәр берегеҙ Аллағыҙ Раббы биргән бәрәкәтенә күрә бүләк алып килһен. Аллағыҙ Раббы һеҙгә бирәсәк ҡалаларҙа халыҡҡа ғәҙел хөкөм ҡылһындар өсөн һәр ырыуға хөкөмдарҙар һәм етәкселәр тәғәйенләгеҙ. Хөкөмдә ғәҙелһеҙлек ҡылма, кемдең кем икәненә ҡарама, ришүәт алма, сөнки ул аҡыл эйәһенең дә күҙен томалай, ғәйепһеҙҙәрҙе һәләк итә. Йәшәйем һәм Аллаң Раббы бирәсәк ерҙе биләмәгә алайым тиһәң, ғәҙеллеккә, бары тик ғәҙеллеккә генә ынтыл. Аллаң Раббының ҡорбан усағы янына алиһә Ашераға атап бер ниндәй ҙә ҡолға ҡуйма. Шулай уҡ табыныу бағаналары ла торғоҙма, сөнки Аллағыҙ Раббы быны күрә алмай. Аллаң Раббыға ҡорбанға кәмселекле, зәғиф үгеҙ йәки һарыҡ салма, сөнки ул – Аллаң Раббыға ерәнгес. Аллағыҙ Раббы һеҙгә бирәсәк ҡалаларҙың береһендә арағыҙҙан берәй ирме, ҡатынмы, Уның менән килешеүҙе боҙоп, Уның күҙендә яман булғанды ҡылһа: бойороҡтарына ҡаршы килеп, башҡа илаһтарға хеҙмәт итһә, уларға, ҡояшҡа, айға йәки башҡа күк есемдәренә табына башлаһа, һәм был хаҡта һиңә билдәле булһа, ишеткәнеңде яҡшылап тикшер. Әгәр ҙә хәбәр дөрөҫләнһә, ысынлап та Исраилда был ерәнгес эш ҡылынһа, яуызлыҡты эшләгән ир йәки ҡатынды ҡала ҡапҡаһы янына сығар ҙа таш бәреп үлтер. Әммә үлемгә хөкөм итеү өсөн кәмендә ике йәки өс шаһиттың раҫлауы кәрәк. Бер генә шаһиттың һүҙенә ҡарап, кешене үлемгә тарттырырға ярамай. Хөкөм ителгән әҙәмгә ташты иң беренсе булып шаһиттар ырғытырға тейеш, шунан һуң уларға ҡалған халыҡ эйәрһен. Шул рәүешле арағыҙҙан яуызлыҡты тамырынан йолҡоп ташла. Әгәр йәшәгән ерегеҙҙә һеҙ хөкөм итә алмаҫлыҡ ҡатмарлы хөкөм эштәре була ҡалһа, мәҫәлән, кеше үлтереү, зыян килеү йәки башҡа төрлө дөрөҫлөктө табыу ҡыйын булған хәлгә юлыҡһағыҙ, Аллағыҙ Раббы һайлаған урынға бар. Һорауҙарың менән Леви ырыуынан булған ҡаһиндарға һәм ул ваҡытта хеҙмәттә булған хөкөмдарға мөрәжәғәт ит – улар үҙҙәренең ҡарарын сығарыр. Раббы һайлаған урында улар ниндәй ҡарар иғлан итһәләр, шуға ҡарап эш итегеҙ һәм улар ҡушҡандың бөтәһен дә теүәл үтәгеҙ. Улар һеҙгә өйрәткән ҡанун һәм белдергән ҡарар буйынса эшләгеҙ, уңға ла, һулға ла тайпылмағыҙ. Әгәр ҙә берәйһе үҙен тәкәббер тотоп, Аллағыҙ Раббы ҡаршыһында хеҙмәт иткән ҡаһинды йәки хөкөмдарҙы тыңламай икән, ул кеше үлтерелергә тейеш. Исраилда яуызлыҡты тамырынан йолҡоп ташла. Бөтә халыҡ быны ишетеп ҡурҡыр һәм алдағы көндәрҙә хөкөм ҡарарына буйһонор. Аллаң Раббы һиңә бирәсәк ергә килеп, уға хужа булғас һәм төйәкләнгәс: «Тирә-яҡта йәшәгән башҡа ҡәүемдәр кеүек үҙебеҙгә батша ҡуяйыҡ», – тип әйтһәгеҙ, батша итеп Аллағыҙ Раббы һайлаған кешене ҡуйығыҙ. Ул ҡәрҙәштәрегеҙҙең береһе булһын. Килмешәк һеҙгә туған түгел, уны батша итеп ҡуйырға ярамай. Тик батшағыҙ йылҡыларын күбәйтмәһен һәм күп итеп ат һатып алыр өсөн кешеләрҙе Мысырға ебәрмәһен. Сөнки Раббы һеҙгә: «Башҡаса был юлдан кире ҡайтмағыҙ», – тине. Йөрәге хаҡ юлдан тайпылмаһын өсөн батшағыҙ күп ҡатын алмаһын. Шулай уҡ көмөш менән алтынды ла артыҡ йыймаһын. Батшалығының тәхетенә ултырғас, Леви ырыуынан булған ҡаһиндарҙа һаҡланған төргәк китаптан үҙенә ошо ҡанунды күсереп алһын. Уны ғүмере буйы үҙендә тотһон һәм көн һайын уҡыһын – шунда ул Аллаһы Раббынан ҡурҡырға һәм был ҡанундың бөтә һүҙҙәрен, ҡағиҙәләрен үтәргә өйрәнер. Шулай эшләһә, ул үҙен ырыуҙаштарынан өҫтөн һанамаҫ, был бойороҡтарҙан уңға ла, һулға ла тайпылмаҫ, шул ваҡытта үҙе һәм улдары Исраилда оҙаҡ йылдар батшалыҡ итер. Левиҙәрҙән булған ҡаһиндарҙың, бөтә Леви ырыуының Исраилда биләмә ерҙәре, үҙ өлөштәре булмаҫ: улар Раббыға бағышлап килтерелгән ут ҡорбандарынан туҡланыр, сөнки уларҙың өлөшө шул. Ҡәрҙәштәре араһында левиҙәргә биләмә теймәҫ. Раббының уларға әйткән һүҙе буйынса, уларҙың биләмәһе – Раббы Үҙе. Кешеләр ҡорбан итеп үгеҙ йәки һарыҡ килтергән һайын ҡалаҡ һөйәге, яңаҡ һөйәге һәм ҡарын – ҡаһиндарҙың өлөшө. Ашлығығыҙҙың, яңы шарабығыҙҙың һәм яңы зәйтүн майығыҙҙың тәүге өлөшөн һәм һарығыңдың тәү ҡырҡҡан йөнөн ҡаһинға бир. Сөнки Аллағыҙ Раббы, ғүмерлеккә уның алдында тороп, Уның исеменән хеҙмәт итһендәр өсөн бөтә ырыуҙарығыҙ араһынан Левиҙе – уның үҙен һәм улдарын һайлап алды. Әгәр Леви ырыуынан берәйһе, Исраилда йәшәгән төйәгенән китеп, йәне теләгән һәм Раббы һайлаған урынға килһә, унда Аллаһы Раббы исеменә хеҙмәт иткән башҡа ҡәрҙәштәре кеүек Раббы хозурында хеҙмәт итә ала. Ул сағында уға ата мөлкәтен һатҡандан һуң тейгән өлөштән тыш, ризыҡтан да башҡа ҡаһиндарға биргән кеүек тигеҙ өлөш булыр. Аллағыҙ Раббы һеҙгә бирәсәк ергә ингәс, ундағы ҡәүемдәрҙең ерәнгес ҡылыҡтарын өйрәнмәгеҙ. Арағыҙҙа улын йәки ҡыҙын утта яндырып ҡорбан итеүсе, сихырсы, күрәҙәсе, тылсымсы, фал асыусы, рухтарҙы саҡырыусы һәм әруахтарҙан һораусылар булмаһын. Сөнки улай эш итеүселәр Раббы өсөн ерәнгес. Аллағыҙ Раббы ошо әшәке эштәре өсөн уларҙы һеҙҙең алдығыҙҙан ҡыуасаҡ. Аллаң Раббы ҡаршыһында камил бул. Һеҙ барып ерҙәрен аласаҡ ҡәүемдәр күрәҙәселәрҙең һәм сихырсыларҙың һүҙен тыңлай. Әммә Аллағыҙ Раббы һеҙгә быны рөхсәт итмәне. Аллағыҙ Раббы арағыҙҙан, үҙегеҙҙең ҡәрҙәштәрегеҙҙән, һеҙгә минең кеүек бер пәйғәмбәр һайлап ҡуйыр – уны тыңлағыҙ. Хорев тауында йыйылған көндө Аллағыҙ Раббынан былай тип үтенеп һоранығыҙ: «Үлмәҫ өсөн, Аллам Раббының тауышын башҡаса ишетмәһәм һәм Уның бөйөк утын бүтән күрмәһәм ине», – тинегеҙ. Раббы миңә: «Уларҙың әйткәндәре дөрөҫ, – тине. – Мин уларға ҡәрҙәштәре араһынан һинең кеүек бер пәйғәмбәр һайлап ҡуйырмын һәм һүҙҙәремде уның ауыҙынан әйттерермен. Мин нимә бойорһам, ул шуларҙың барыһын да һеҙгә һөйләр. Минең исемемдән һөйләгән пәйғәмбәрҙең әйткәндәрен тыңламағандарҙы Мин Үҙем язалаясаҡмын. Әммә Мин бойормағандарҙы Минең исемемдән һөйләргә баҙнат иткән йәки башҡа илаһтар исеменән һөйләгән пәйғәмбәр үлемгә дусар ителәсәк». «Ул һүҙҙең Раббынан булмағанын нисек беләйек?» – тип уйлауығыҙ ихтимал. Әгәр ҙә пәйғәмбәр Раббы исеменән һөйләһә, әммә әйткәне бойомға ашмаһа, был һүҙ Раббынан түгел. Пәйғәмбәр үҙ белдеге менән һөйләгән була – унан ҡурҡмағыҙ. Аллаң Раббы ерҙәрен һеҙгә бирәсәк ҡәүемдәрҙе ҡырып бөтөргәс, һин уларҙан һуң был ергә хужа булып ингәс, уларҙың ҡалаларында, өйҙәрендә урынлашҡас, Бына ниндәй үлтереүсе, унда ҡасып, ғүмерен һаҡлап ҡала ала: күңелендә электән дошманлыҡ булмайынса, икенсе берәүҙе яңылышлыҡ менән үлтергән кеше. Мәҫәлән, кемдер яҡыны менән урманға утынға барып, ағасты ҡырҡырға һелтәнгәндә, балтаһы төйҙәһенән ысҡынып китеп, яҡынына тейһә, һәм ул үлһә – үлтергән кеше иҫән ҡалыр өсөн ошо ҡалаларҙың береһенә ҡасһын. Һыйыныу ҡалаһы үтә алыҫ булһа, үлгән кеше өсөн ҡон ҡайтарырға тейеш булған туғаны, ҡыҙыулыҡ менән ҡыуып етеп, үлтереүсенең йәнен алыуы бар; ә бит ул үлем язаһына лайыҡ түгел, сөнки үлгән кешегә ҡарата күңелендә дошманлыҡ юҡ ине. Бына ни өсөн мин һеҙгә өс ҡаланы һайларға бойорам. Аллағыҙ Раббы һеҙгә биләмә итеп бирәсәк ерҙә ғәйепһеҙҙең ҡаны түгелмәһен һәм түгелгән ҡан өсөн һеҙҙең өҫтә ғәйеп булмаһын. Әммә яҡынына асыу һаҡлаған берәйһе, һағалап тороп, уны үлтерһә, шунан ошо ҡалаларҙың береһенә ҡасһа, үҙ ҡалаһының аҡһаҡалдары, артынан кеше ебәреп, ҡасҡан еренән кире килтертер һәм ҡан үсе алырға тейешле кеше ҡулына тапшырыр. Уны ҡыҙғанма, Исраилды ғәйепһеҙгә түгелгән ҡандан арындыр һәм шул саҡта рәхәт йәшәрһең. Аллағыҙ Раббы һеҙгә биләмә итеп бирәсәк ерҙә йәшәй башлағас, ата-бабаларығыҙ ҡуйған, күршегеҙ менән сиктәш ыҙан ташын урынынан күсермәгеҙ. Ниндәй ҙә булһа енәйәт йәки гонаһ ҡылған кешенең ғәйебен иҫбатларға бер генә шаһит етмәй, һәр эш ике йәки өс шаһиттың күрһәтмәһе менән раҫланырға тейеш. Әгәр бер ялғансы шаһит яуыз ниәт менән берәйһен енәйәттә ғәйепләһә, араларында низағ булған был ике кеше Раббы ҡаршыһына, ул осорҙа хеҙмәт иткән ҡаһиндар менән хөкөмдарҙар алдына баҫһын. Хөкөмдарҙар яҡшылап тикшерһен. Әгәр шаһиттың ялғансы икәне һәм уның туғанына яла яҡҡаны асыҡланһа, туғанына ҡылырға ниәтләгәнен уның үҙенә эшләгеҙ. Арағыҙҙан яуызлыҡты тамырынан йолҡоп ташлағыҙ. Башҡалар был хаҡта ишетеп ҡурҡыр, киләсәктә бындай яуызлыҡты эшләүсе булмаҫ. Бындай кешене йәлләмәгеҙ: йәнгә – йән, күҙгә – күҙ, тешкә – теш, ҡулға – ҡул, аяҡҡа – аяҡ. Дошмандарығыҙға ҡаршы һуғышҡа сыҡҡанда, аттар, яу арбалары һәм һеҙҙән һан яғынан күпкә артығыраҡ ғәскәр күрһәгеҙ, уларҙан ҡурҡмағыҙ. Һеҙҙе Мысырҙан алып сыҡҡан Аллағыҙ Раббы һеҙҙең менән. Яуға инер алдынан ҡаһин, ғәскәр алдына килеп, халыҡҡа мөрәжәғәт итһен. Былай тиһен: «Тыңла, Исраил! Бөгөн дошмандарығыҙ менән һуғышҡа инәсәкһегеҙ. Ғәйрәтегеҙҙе юғалтмағыҙ, ҡурҡмағыҙ, ҡаушамағыҙ. Өркмәгеҙ уларҙан! Сөнки еңеүгә илтер һәм дошмандарығыҙ менән алышыр өсөн Аллағыҙ Раббы һеҙҙең менән бара». Етәкселәр ғәскәргә: «Арағыҙҙа яңы йорт һалып та, уны туйламаған берәй кеше бармы? – тип мөрәжәғәт итер. – Өйөнә ҡайтһын, сөнки һуғышта үлһә, өйөндә башҡа берәйһе йәшәр. Йөҙөм баҡсаһы ултыртып та, уның тәүге уңышын йыйып өлгөрмәгән берәй кеше бармы? Өйөнә ҡайтһын, сөнки һуғышта үлһә, йөҙөмөн башҡа берәү йыйып алыр. Берәй ҡыҙ менән йәрәшеп тә, өйләнеп өлгөрмәгән кеше бармы? Өйөнә ҡайтһын, сөнки һуғышта үлһә, ҡыҙын башҡа берәү алыр». Шунан тағы: «Арағыҙҙа ҡурҡҡан һәм ғәйрәтен юғалтҡандар бармы? Өйөнә ҡайтһын, уға ҡарап, ҡәрҙәштәренең дә күңеленә ҡурҡыу төшмәһен», – тип әйтерҙәр. Быларҙың барыһын да ғәскәргә еткергәндән һуң, яугирҙәр өҫтөнән ғәскәр башлыҡтары тәғәйенләнһен. Яулап алыр өсөн берәй ҡалаға яҡынлашҡас, тәүҙә уның халҡына тыныс килешеү тәҡдим ит. Әгәр ҙә улар, тәҡдимеңә риза булып, ҡапҡаларын асһа, ҡалала йәшәүселәр барыһы ла һиңә мәжбүри хеҙмәт итергә тейеш булыр. Әгәр ҙә килешеүгә риза булмай, һуғыша башлаһа, ҡаланы ҡама. Аллағыҙ Раббы ҡаланы ҡулыңа тапшырғас, ундағы бөтә ирҙәрҙе ҡылыстан үткәр. Ҡатындарын, балаларын, малдарын, ҡалалағы бар нәмәне үҙеңә яумал итеп ал. Аллағыҙ Раббы һеҙгә биргән, дошманығыҙҙан тартып алған табыш менән файҙалан. Һеҙҙән алыҫта урынлашҡан, эргә-тирәгеҙҙәге ҡәүемдәрҙеке булмаған ҡалаларҙың барыһы менән дә шулай эш итегеҙ. Ә Аллағыҙ Раббы һеҙгә биләмәгә бирәсәк ерҙәрҙәге ҡәүемдәрҙең ҡалаларында иһә бер йән эйәһен дә ҡалдырма. Аллағыҙ Раббы һеҙгә бойорғанса, уларҙы харам ҡыл: хиттиҙәрҙе, әмөриҙәрҙе, ҡәнғәниҙәрҙе, перизиҙәрҙе, хиууиҙәрҙе, йевусиҙәрҙе тотош юҡ ит. Юҡһа улар һеҙҙе үҙ илаһтарына табынғанда ҡылған ерәнгес ғәҙәттәренә өйрәтер һәм һеҙ Аллағыҙ Раббы ҡаршыһында гонаһ ҡылған булырһығыҙ. Әгәр берәй ҡаланы яулап алыр өсөн оҙаҡ ваҡыт ҡамауҙа тоторға тура килһә, уның тирәһендәге ағастарға балта тейҙермә – емештәрен аша, әммә ҡырҡма. Ҡамауға алырға ҡырҙағы ағас кеше түгел бит. Ағастың емеш бирмәгәнен белгәндә генә ҡырҡып, һеҙҙең менән һуғышҡан ҡалаға ҡаршы ҡоролмалар төҙөүҙә файҙалана алаһығыҙ. Аллағыҙ Раббы һеҙгә биләмә итеп бирәсәк ерҙә, ҡырҙа кем тарафынан үлтерелгәне билдәһеҙ булған мәйет табылһа, аҡһаҡалдарың менән хөкөмдарҙарың унда сыҡһындар ҙа мәйет ятҡан урын менән әйләнә-тирәләге ҡалалар араһын үлсәһендәр. Шунан мәйеткә иң яҡын ҡаланың аҡһаҡалдары егелмәгән, ҡалып кейҙерелмәгән тана алһын; уны һөрөлмәгән, сәселмәгән һәм һәр ваҡыт һыу ағып ятҡан үҙәнлеккә килтерһен. Унда тананың муйынын һуғып һындырһындар. Унда Леви ырыуынан булған ҡаһиндар ҙа килһен, сөнки Аллағыҙ Раббы Үҙенә хеҙмәт итергә, Уның исеменән халыҡҡа фатиха бирергә уларҙы һайланы – теләһә ниндәй бәхәсле эш, килтерелгән зыян улар һүҙе менән хәл ителергә тейеш. Мәйеткә иң яҡын булған ҡаланың аҡһаҡалдары үҙәнлектә муйыны һуғып һындырылған тананың башы өҫтөндә ҡулдарын йыуһын. Шунан һуң: «Был кешенең ҡанын беҙҙең ҡулдарыбыҙ түкмәне, уның нисек түгелгәнен күҙҙәребеҙ күрмәне, – тип белдерһендәр. – Йә Раббы, Үҙең йолоп алған халҡың Исраилды пакла, ғәйепһеҙгә түгелгән ҡан өсөн халҡыңдан һорама». Шул сағында улар ҡан түгеү гонаһынан пакланыр. Раббы күҙендә дөрөҫ булғанды эшләп, ғәйепһеҙ ҡанды үҙеңдән шулай йыуып ташларһың. Дошмандарыңа ҡаршы яуға сыҡҡас, Аллаң Раббы уларҙы ҡулыңа тапшырыр һәм һин әсирҙәр алырһың. Араларында төҫкә матур ҡатын-ҡыҙҙы күреп күҙең төшһә һәм өйләнергә теләһәң, уны өйөңә алып ҡайт. Ул сәсен ҡырһын, тырнаҡтарын ҡырҡһын, өҫтөнән әсиргә төшкән саҡтағы кейемдәрен сисеп ташлаһын һәм, өйөңдә йәшәй башлап, ай буйына ата-әсәләре өсөн йәш түкһен. Шунан һуң һин уның менән яҡынлыҡ ҡыла һәм уның ире, ә ул һинең ҡатының була ала. Әгәр ҙә һуңынан уны оҡшатмай башлаһаң, ҡатын йәне теләгән ергә китә ала. Әммә уны һатырға ла, ҡол итергә лә тейеш түгелһең, сөнки һин уны түбәнһеттең. Әгәр берәй кешенең ике ҡатыны булһа һәм береһен яратып, икенсеһен яратмаһа, ул ҡатындарҙың икеһе лә унан ул тапһа, ә беренсе ир балаһы яратмаған ҡатынынан тыуһа, был кеше мал-мөлкәтен улдарына бүлгәндә, яратмаған ҡатынынан беренсе булып тыуған улының баш бала өҫтөнлөгөн яратҡан ҡатынынан тыуған улына бирә алмай. Ул яратмаған ҡатынының улын баш бала итеп танырға һәм үҙенең мөлкәтенән икеләтә өлөштө уға бирергә тейеш. Сөнки был бала – уның ирлек ҡеүәтенең тәүге емеше, баш бала хоҡуғы – унда. Әгәр берәйһенең улы тиҫкәре һәм холоҡһоҙ булһа, атаһының да, әсәһенең дә әйткәндәренә ҡолаҡ һалмаһа, улар яза биреп тә, киҫәмәһә, ата менән әсә улдарын үҙҙәре йәшәгән ҡала ҡапҡаһы алдына аҡһаҡалдарға алып килһен. Уларға: «Улыбыҙ тиҫкәре һәм холоҡһоҙ. Әйткәнебеҙҙе тыңламай. Кәйеф-сафа ҡороп, эсеп тик ята», – тиһендәр. Был осраҡта ҡаланың бөтә ирҙәре уны таш бәреп үлтерһен. Арағыҙҙан яуызлыҡты шул рәүешле тамырынан йолҡоп ташла. Бөтә исраилдар ҙа был хаҡта ишетеп ҡурҡыр. Әгәр берәйһе үлем язаһына торошло енәйәт ҡылһа һәм ул үлтерелеп ағасҡа аҫып ҡуйылһа, мәйет ағаста төнгөлөккә ҡалмаһын. Уны шул көндө үк ерләгеҙ, сөнки ағасҡа аҫып ҡуйылған һәр кеше Алла тарафынан ҡәһәрләнгән. Аллағыҙ Раббының һеҙгә биләмәгә бирәсәк ерен нәжесләмәгеҙ. Ҡәрҙәшеңдең аҙашып йөрөгән үгеҙен йәки һарығын күрһәң, уларҙы ташлап ҡалдырма, ҡәрҙәшеңә алып ҡайтып бир. Әгәр ҙә ҡәрҙәшең һиңә алыҫ булһа йәки малдарҙың кемдеке икәнен белмәһәң, уларҙы өйөңә алып ҡайт һәм үҙеңдә тот. Ҡәрҙәшең эҙләп килгәс, ҡайтарып бирерһең. Ҡәрҙәшеңдең ишәге, кейеме йәки юғалған башҡа әйбере менән дә шулай эшлә: ул юғалтып, һин табаһың икән, ҡайтарып бир, уны ярҙамыңдан ташлама. Ҡәрҙәшеңдең ишәге йәки үгеҙе юлда йығылып ятҡанын күрһәң, уны ташлап китмә, торғоҙорға ярҙам ит. Ҡатындар – ирҙәр, ирҙәр ҡатындар кейемен кеймәһен. Былай эшләгән һәр кем Аллағыҙ Раббы алдында ерәнгес. Юлда ағас башында йәки ерҙә йомортҡалары йә иһә балалары менән ҡош ояһы осраһа, инәләре улар өҫтөндә ултырһа, инә ҡошто себештәре менән бергә алма. Ҡошсоҡтарын алһаң да, инәләрен мотлаҡ ебәр; шулай эшләһәң, үҙеңә яҡшы булыр, оҙаҡ йәшәрһең. Яңы өй һалһаң, түбә ҡырыйына һаҡлағыс таҡта ҡуй: бер кем дә ҡыйыҡтан ҡолап төшмәһен һәм ҡаны һинең өҫтөңдә булмаһын. Йөҙөм баҡсаңа башҡа төрлө орлоҡ сәсмә, юғиһә сәскән орлоғоңдоң да, йөҙөмөңдөң уңышын да файҙаланыу хоҡуғын юғалтырһың. Ер һөргәндә ишәк менән үгеҙҙе бергә екмә. Ике төрлө ептән – йөндән һәм етендән туҡылған кейемде кеймә. Ябына торған ябынсаңдың дүрт мөйөшөнә суҡтар эшлә. Әгәр берәйһе ҡатын алһа һәм яҡынлыҡ ҡылғандан һуң, унан күңеле ҡайтып, уның тураһында насар хәбәр таратһа: «Был ҡатынға өйләндем һәм уның менән яҡынлыҡ ҡылғандан һуң, ҡыҙ булмағанын белдем», – тип яманатын сығарһа, ҡыҙҙың атаһы менән әсәһе, ҡала ҡапҡаһына килеп, аҡһаҡалдарға ҡыҙҙың ғиффәтле булыуына дәлил килтерһен. Ҡала аҡһаҡалдары был иргә яза бирһен һәм ғиффәтле Исраил ҡыҙы тураһында насар хәбәр таратҡаны өсөн ирҙән йөҙ көмөш алып, ҡыҙҙың атаһына түләһендәр. Ҡыҙ иһә был ирҙең ҡатыны булып ҡала һәм ирҙең ғүмер буйы уны айырырға хаҡы юҡ. Әгәр хәбәр дөрөҫ булып сыҡһа, ҡыҙҙың ғиффәтле булыуын иҫбатлаусы дәлил табылмаһа, ул ҡатынды ата йортоноң ишеге төбөнә алып килһендәр. Ҡала халҡы уны таш бәреп үлтерһен, сөнки атаһы йортонда уйнаш итеп, ул Исраилды хурлыҡҡа ҡалдырған. Үҙегеҙҙең арағыҙҙан яуызлыҡты шулай тамырынан йолҡоп ташлағыҙ. Әгәр берәй ир икенсе ирҙең ҡатыны менән ятҡанда тотолһа, уларҙың икеһе лә – быны эшләгән ир ҙә, ҡатын да – үлтерелергә тейеш. Исраилдан яуызлыҡты шулай тамырынан йолҡоп ташлағыҙ. Әгәр берәй ир ҡалала башҡа берәүгә йәрәшелгән ғиффәтле ҡыҙҙы осратһа һәм уның менән яҡынлыҡ ҡылһа, икеһе лә ҡала ҡапҡаһы янына килтерелһен һәм таш бәреп үлтерелһен. Сөнки ҡыҙ, ҡалала булып та, ярҙам һорап ҡысҡырмаған, ә ир икенсе кешегә йәрәшелгән ҡыҙҙы хур иткән. Арағыҙҙан яуызлыҡты шулай тамырынан йолҡоп ташлағыҙ. Әгәр берәй ир икенсе кешегә йәрәшелгән ҡыҙҙы яланда осратып уға йәбешһә һәм көсләһә, үлемгә ирҙе генә хөкөм итергә кәрәк. Ә йәрәшелгән ҡыҙға бер нәмә лә эшләмә, сөнки ҡыҙҙа үлем язаһы бирерлек гонаһ юҡ, юғиһә был яҡыныңа ҡул күтәреп, уны үлтереүгә бәрәбәр. Был ир ҡыҙҙы ҡырҙа осратҡан, һәм йәрәшелгән ҡыҙ, бәлки, ҡысҡырғандыр ҙа, ләкин уны ҡотҡарыр кеше булмаған. Әгәр берәй ир йәрәшелмәгән ғиффәтле ҡыҙҙы осратһа һәм уны тотоп алып көсләһә, быны башҡалар күрһә, ҡыҙ менән ятҡан ир уның атаһына илле көмөш бирһен һәм уға өйләнһен. Ҡыҙҙы хурлыҡҡа ҡалдырғанға күрә ир уны ғүмер буйы айыра алмаҫ. Бер кем дә, атаһының ҡатынына өйләнеп, атаһының түшәген хурламаһын. Күкәйе иҙелгән йәки енес ағзаһы ҡырҡылған кеше Раббы халҡы иҫәбенә инә алмай. Уйнаштан тыуған кеше Раббы халҡы иҫәбенә инә алмай. Уның нәҫеле лә, хатта унынсы быуынына тиклем, Раббы халҡы иҫәбенә инә алмай. Ғаммон һәм Моав кешеләре Раббы халҡы иҫәбенә инә алмай, хатта уларҙың нәҫеле лә унынсы быуынына тиклем Раббы халҡы иҫәбенә инә алмай. Сөнки Мысырҙан сыҡҡан сағығыҙҙа юлда һеҙҙе икмәк һәм һыу менән ҡаршыламанылар, етмәһә Арам-Наһараимдағы Пеҫор ҡалаһынан Беғор улы Билғамды һеҙҙе ҡарғар өсөн ялланылар. Әммә Аллаң Раббы Билғамды тыңларға теләмәне, ҡарғышты фатихаға әүерелдерҙе, сөнки Аллаң Раббы һеҙҙе ярата. Уларға ғүмерегеҙ буйы, мәңге именлек һәм яҡшылыҡ күрһәтмәгеҙ. Эдомдарҙан иһә екһенмәгеҙ, сөнки улар һеҙҙең туғанығыҙ, Мысыр халҡынан да сикәнмәгеҙ, сөнки һеҙ уларҙың ерендә килмешәк булып йәшәнегеҙ. Уларҙан тыуған балаларҙың өсөнсө быуыны Раббы халҡы иҫәбенә инә ала. Дошмандарығыҙға ҡаршы һуғышыр өсөн туплам ҡорғанда һәр төрлө бысраҡлыҡтан һаҡланығыҙ. Әгәр берәйгеҙҙең төндә мәнейе ағып нәжесләнһә, ул тупламдан сыҡһын һәм кире инмәһен. Кис еткәс, йыуынһын һәм ҡояш байығас ҡына тупламға инһен. Хәжәт үтәр өсөн урын тупламдан ситтә булһын. Кәрәк-ярағың араһында көрәгең булһын. Тупламдан тышта ултырыр булһаң, соҡор ҡаҙ, аҙаҡ тиҙәгеңде күмеп ҡуй. Аллағыҙ Раббы һине ҡотҡарыр һәм дошмандарыңды ҡулыңа тапшырыр өсөн туплам уртаһында йөрөй. Раббы берәй хурлыҡлы нәмә күреп, һеҙҙән баш тартмаһын өсөн туплам изге урын булһын. Хужаһынан ҡасып һеҙгә һыйынған ҡолдо тотоп хужаһына кире бирмәгеҙ. Үҙе һайлаған урында арағыҙҙа йәшәһен, уны ҡыйырһытмағыҙ. Исраил ҡыҙҙары һәм улдары араһынан бер кем дә боттарға табыныу ҡорамдарында фәхешлек менән шөғөлләнергә тейеш түгел. Ҡатындың йәки ирҙең фәхеш менән тапҡан аҡсаһын Аллаң Раббының йортона бер ниндәй ҙә нәҙер үтәү өсөн индермә, сөнки улар икеһе лә Аллағыҙ Раббы өсөн ерәнгес. Туғаныңа үтескә көмөш, икмәк йәки башҡа нәмә биргәндә, риба түләтмә. Биләмәгә алыр өсөн китеп барған ереңдә һәр эшеңә Аллаң Раббы фатиха бирһен тиһәң, килмешәктән риба алырға мөмкин, ә ҡәрҙәшеңдән алырға ярамай. Аллаң Раббыға нәҙер әйтәһең икән, уны һис кисектермәй үтә, сөнки Ул уның мотлаҡ үтәлеүен талап итер, үтәмәйһең икән, гонаһ ҡылған булырһың. Әгәр нәҙер әйтмәгәнһең икән, бында гонаһ юҡ. Ауыҙыңдан сыҡҡанға иғтибарлы бул һәм бойомға ашыр, сөнки Аллаң Раббыға үҙ ихтыярың менән вәғәҙә иттең һәм быны үҙ ауыҙың менән әйттең. Яҡыныңдың йөҙөм баҡсаһына инһәң, йәнең теләгәнсә ашай алаһың, әммә һауытыңа йыйма. Яҡыныңдың баҫыуына килһәң, башаҡтарын ҡул менән өҙә алаһың, әммә игененә ураҡ тейҙермә. Әйтәйек, берәй ир өйләнеп, ҡатынында ниндәйҙер етешһеҙлек күрһә һәм унан күңеле ҡайтһа, айырылышыу ҡағыҙы яҙып ҡатынының ҡулына тоттора һәм өйөнән сығарып ебәрә; ә ул ҡатын, өйҙән киткәс, икенсе кешегә кейәүгә сыға. Икенсе ир ҙә, уны хушһынмайынса айырылышыу ҡағыҙы биреп, өйөнән сығарып ебәрһә йәки был ир үлеп ҡалһа, ул саҡта тәүге ире был ҡатынға ҡабат өйләнә алмай, сөнки ҡатын уның өсөн нәжес һанала. Бындай никах – Раббы ҡаршыһында ерәнгес. Бындай гонаһ менән Аллағыҙ Раббы һеҙгә биләмә итеп биргән ерҙе бысратмағыҙ. Яңы өйләнгән кеше һуғышҡа бармаһын, уға бер ниндәй бурыс та йөкмәтелмәһен. Бер йыл буйы үҙенең өйөндә йәшәп, ҡатынының күңелен күрһен. Аманат итеп тирмән ташының өҫтөн дә, аҫтын да алмағыҙ. Быны эшләгән кеше аманатҡа йәнде алған булыр. Әгәр исраилдарҙан ҡәрҙәшен урлап, уны ҡол иткән йәки һатып ебәргән кеше табылһа, был бур үлемгә дусар ителәсәк. Арағыҙҙан яуызлыҡты шулай итеп йолҡоп ташлағыҙ. Йоғошло тире ауырыуына юлыҡһаң, Леви ырыуынан булған ҡаһиндарҙың өйрәткәнен еренә еткереп үтә. Мин уларға нисек бойорһам, нәҡ шулай эшлә. Һеҙ Мысырҙан сыҡҡандан һуң, Аллаң Раббы юлда Мирйәмде нимә эшләткәнен хәтереңдә тот. Яҡыныңа үтескә берәй нәмә биреп тораһың икән, унан аманат алыр өсөн өйөнә инмә, ә урамда көтөп тор. Бурысҡа алған кеше аманатын тышҡа үҙе сығарып бирһен. Әгәр ул ярлы кеше булһа һәм аманат итеп бирергә кейеменән башҡа әйбере булмаһа, кейеме һиндә булған көйө йоҡларға ятма. Ул үҙенең кейемендә йоҡларға ятһын һәм һиңә фатихаһын бирһен өсөн, унан алған аманатты ҡояш байығансы кире ҡайтар. Бының менән һин Аллаң Раббы ҡаршыһында хаҡ эш ҡылған булырһың. Әгәр ярлыны һәм хәйерсене эшкә яллаһаң, ҡәрҙәшеңме ул, әллә арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәрҙәнме, уны рәнйетмә. Уның хеҙмәт хаҡын шул көндө үк ҡояш байығанға тиклем түлә, сөнки ул ярлы һәм шул аҡсаға ғына иҫәп тотоп йәшәй. Юғиһә һинең турала Раббыға зарланыр һәм һин гонаһ ҡылған булырһың. Аталар балаларының гонаһы өсөн үлтерелмәһен, балалар аталарының гонаһы өсөн үлтерелмәһен, һәр кем үҙ гонаһы өсөн үҙе үлемгә дусар ителһен. Килмешәккә һәм етемгә хаҡ булмаған хөкөм сығарма. Тол ҡатындың кейемен аманат итеп алма. Үҙеңдең дә Мысырҙа ҡол булғаныңды, Аллаң Раббының һеҙҙе унан йолоп алғанын онотма. Шуға күрә һиңә ошоларҙы эшләргә бойорам. Ураҡ мәлендә баҫыуыңда берәй көлтә онотолоп ҡалһа, уны барып алма. Әйҙә ул килмешәккә, етемгә һәм тол ҡатынға булһын. Шулай эшләһәң, Аллаң Раббы һәр эшеңдә Үҙенең фатихаһын бирер. Зәйтүн ағасыңды һелкетеп емешен ҡойғандан һуң, ботаҡтарын ҡабат тикшермә. Емештәре килмешәккә, етемгә һәм тол ҡатынға ҡалһын. Йөҙөм баҡсаңда емеш йыйғанда ҡалған йөҙөмөңдө артыңдан йыйып алма: килмешәккә, етемгә һәм тол ҡатынға ҡалһын. Иҫеңдә тот, һин дә Мысырҙа ҡол булдың, шуға күрә мин һиңә ошолай эшләргә бойорам. Әгәр ике кеше араһында дәғүә сыға икән, улар хөкөмдарға барһын һәм низағты хөкөмдарҙар тикшерһен: хаҡлыһын аҡлаһындар, ғәйеплеһен ғәйепле тип иғлан итһендәр. Әгәр ғәйепле кеше һуҡтырыуға лайыҡлы булһа, хөкөмдар уны ергә ятҡырһын һәм үҙенең күҙ алдында ғәйебенә күрә һанап һуҡтырһын. Ҡырҡ тапҡыр һуҡтырырға мөмкин, тик шунан артмаһын. Сөнки артығын һуғыуҙан ҡәрҙәшегеҙ бөтә кешенең күҙ алдында кәмһетелгән хәлдә ҡалыр. Ашлыҡ һуҡҡан үгеҙҙең ауыҙын ҡаплап ҡуйма. Әгәр ағалы-энеле бергә йәшәп, береһе балаһы булмайынса үлеп китһә, уның тол ҡатыны ситкә кейәүгә сығырға тейеш түгел. Ҡәйнеше уға өйләнһен һәм уның менән йәшәһен. Шулай итеп, ул үлгән туғанының ҡатыны алдындағы бурысын үтәр. Ә ул ҡатын тапҡан беренсе ир бала үлгән туғанының исемен ала. Уның исеме Исраилда юғалып ҡалмаһын тип эшләнә был. Әгәр ҙә был кеше туғанының тол ҡалған ҡатынына өйләнергә теләмәһә, ҡатын, ҡала ҡапҡаһы янына барып, аҡһаҡалдарға: «Ҡәйнешем Исраилда туғанының исемен йәшәтеүҙән баш тарта, минең алдағы бурысын үтәмәй», – тип әйтһен. Ул саҡта аҡһаҡалдар, теге кешене саҡырып алып, өгөтләргә тейеш. Ул үҙенекендә ныҡ тороп: «Уға өйләнергә теләмәйем», – тиһә, еңгәһе аҡһаҡалдар алдына ҡәйнеше янына барһын да уның аяҡ кейемен систерһен һәм, йөҙөнә төкөрөп: «Туғанының нәҫелен дауам иттерергә теләмәгән кешене бына шулай итәләр», – тиһен. Был кешенең ғаиләһе Исраилда «Аяҡ кейеме систерелгәндең ғаиләһе» тип аталыр. Әгәр ике ир һуғышҡанда, береһенең ҡатыны ирен айырып алыр өсөн ҡулын һуҙып туҡмаусының ирлек ағзаһынан тарта икән, ул ҡатындың ҡулын ҡырҡ, йәлләп торма. Янсығыңда береһе ауыр, береһе еңел тартҡан ике төрлө гер ташы йөрөтмә. Өйөңдә береһе бәләкәй, береһе ҙур ике үлсәүең дә булмаһын. Герең дә, үлсәүең дә дөрөҫ һәм теүәл булһын. Шул саҡта Аллағыҙ Раббы һеҙгә бирәсәк ерҙә ғүмерең оҙон булыр. Дөрөҫ булмаған герҙәр һәм үлсәүҙәр ҡулланған алдаҡсылар Аллаң Раббыға ерәнгес. Мысырҙан сыҡҡанда ғәмәлектәрҙең юлда һеҙгә нимә эшләгәнен онотма. Һеҙ арып-талсығып килгән саҡта, юлда һеҙгә һөжүм иттеләр ҙә артта ҡалған бөтә хәлһеҙҙәрҙе ҡырҙылар, Алланан ҡурҡманылар. Аллағыҙ Раббы һеҙгә биләмә итеп бирәсәк ерҙәргә килеп, Аллағыҙ Раббы һеҙҙе тирә-яғығыҙҙағы бөтә дошмандарығыҙҙан ҡотҡарып именлек биргәс, ер йөҙөндә ғәмәлектәр хаҡында хатта иҫтәлек тә ҡалдырма. Онотма быны! Аллағыҙ Раббы һеҙгә биләмәгә бирәсәк ергә инеп, уға хужа булғас һәм унда төйәкләнгәс, Аллағыҙ Раббы биргән ерҙә үҫкән бөтә емештәрҙең дә тәүге уңышын йыйып кәрзингә һалырһың да Аллаң Раббы Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн һайлап алған урынға барырһың. Ул дәүерҙә хеҙмәт иткән ҡаһинға килеп: «Раббы ант менән был ерҙе беҙгә бирергә ата-бабаларыбыҙға вәғәҙә иткән. Бөгөн мин Аллаң Раббыға шул ергә килгәнемде белдерәм», – тип әйт. Ҡаһин, ҡулыңдан кәрзинеңде алып, уны Аллағыҙ Раббының ҡорбан усағы алдына ҡуйыр. Шунан Аллаң Раббы ҡаршыһында яуап тотоп әйт: «Алыҫ бабам күсмә бер арами булған. Бер нисә генә кеше менән Мысырға барып, килмешәк булып йәшәй башлаған. Тора-бара Мысырҙа унан бөйөк, көслө һәм күп һанлы халыҡ барлыҡҡа килгән. Әммә Мысыр халҡы беҙгә насар мөнәсәбәттә булды, беҙҙе ҡыҫтылар, ауыр эш менән иҙҙеләр. Беҙ ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы Раббыға ялбарҙыҡ. Раббы һыҡтауыбыҙҙы ишетте, ауыр хәлебеҙҙе, ғазаптарыбыҙҙы, йәберләнеүебеҙҙе күрҙе. Раббы беҙҙе ҡөҙрәте, һуҙылған ҡулы, бөйөк дәһшәте, хикмәттәре һәм мөғжизәләре менән Мысырҙан алып сыҡты. Беҙҙе бында алып килде, был һөт һәм бал ағып ятҡан ерҙе бирҙе. Инде бына, Раббым, миңә биргән тупраҡтың тәүге уңышының емештәрен Һиңә алып килдем». Шунан кәрзинеңде Аллаң Раббы алдына ҡуйып, уның ҡаршыһында сәждә ҡыл. Аллаң Раббы һеҙгә һәм йортоғоҙға биргән бәрәкәттәргә ҡыуанып үҙегеҙ ҙә, леви ҙә, арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәр ҙә бергәләп күңел асығыҙ. Өсөнсө йылда, уңыштың ундан бер өлөшөн биреү йылында, бөтә уңышығыҙҙың ундан бер өлөшөн айырып ал да уны левигә, килмешәккә, етемдәргә һәм тол ҡатындарға бир. Улар ҙа һеҙ йәшәгән ерҙәрҙә ашап туйынһындар. Шунда Аллаң Раббы алдында былай тип әйт: «Һинең бойороҡтарыңды боҙманым, уларҙың береһен дә онотманым, Үҙең ҡушҡанса, өйөмдән Һиңә бағышланған уңышымдың ундан бер өлөшөн алдым да левиҙәргә, килмешәктәргә, етемдәргә һәм тол ҡатындарға бирҙем. Был өлөштән хәсрәтле сағымда ашаманым, уны өйҙән алып сыҡҡанда нәжес түгел инем, уны үлеләргә тәҡдим итмәнем. Аллам Раббының әйткәненә ҡолаҡ һалдым, миңә бойорғаныңдың барыһын да эшләнем. Изге торлағыңдан, күктәрҙән күҙ һалсы! Халҡың Исраилға, ата-бабаларыбыҙға ант менән вәғәҙә итеп биргән ергә, һөт һәм бал ағып ятҡан ергә фатихаңды ҡыл». Бөгөн Аллаң Раббы был ҡағиҙәләрҙе һәм ҡанундарҙы үтәргә бойора. Уларҙы тот һәм бөтөн йөрәгең һәм бар булмышың менән бойомға ашыр. Бөгөн Раббының Аллағыҙ булғанын, Уның юлынан йөрөйәсәгегеҙҙе, ҡағиҙәләрен, бойороҡтарын, ҡанундарын үтәйәсәгегеҙҙе, Уның һүҙен тыңлаясағығыҙҙы белдерҙең. Бөгөн Раббы, һеҙгә биргән һүҙе буйынса, Уның бөтә бойороҡтарын үтәһәң, Уның Үҙ халҡы буласағығыҙҙы иғлан итте. Ул һине хөрмәттә, шөһрәттә һәм күркәмлектә Үҙе донъяға яратҡан барлыҡ ҡәүемдәрҙән өҫтөн ҡуясағын һәм, әйткән һүҙе буйынса, Үҙе өсөн һайлап алған халҡы итәсәген белдерҙе. Муса Исраил аҡһаҡалдары менән халыҡҡа былай тине: – Бөгөн мин һеҙгә белдергән бөтә бойороҡтарҙы теүәл үтәгеҙ. Иордан йылғаһын кисеп, Аллағыҙ Раббы һеҙгә бирәсәк ергә ингәс, ҙур таштар торғоҙоп ҡуйығыҙ, уларҙы ағартығыҙ. Аталарығыҙҙың Аллаһы Раббының һеҙгә бирергә вәғәҙә иткән илгә – һөт һәм бал ағып ятҡан ергә кергәндән һуң, был ҡанундың бөтә һүҙҙәрен шул таштарға яҙығыҙ. Был таштарҙы, бөгөн һеҙгә әмер иткәнемсә, Иорданды кисеп сыҡҡандан һуң Ғевал тауына торғоҙоп ҡуйығыҙ һәм ағартығыҙ. Унда Аллағыҙ Раббыға ҡорбан усағы яһағыҙ. Уны таштан, тимер ҡорамалдар ҡулланмайынса, эшләгеҙ. Аллағыҙ Раббының ҡорбан усағын шымартылмаған, бөтөн таштарҙан яһағыҙ һәм унда Аллағыҙ Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны килтерегеҙ. Татыулыҡ ҡорбандарын да шунда килтерегеҙ, ҡорбан итен ашағыҙ һәм Аллағыҙ Раббы алдында күңел асығыҙ. Таштарға был ҡанундың бөтә һүҙҙәрен дә аңлайышлы итеп яҙығыҙ. Шунан Муса һәм левиҙәрҙән булған ҡаһиндар бөтә Исраил халҡына: – Эй Исраил! Диҡҡәт менән тыңла! – тип өндәште. – Бөгөн һин Аллаң Раббының халҡы булдың. Шулай итеп, Аллаң Раббының әйткәндәрен тыңла, Уның бөгөн мин һиңә белдергән бойороҡтарын һәм ҡағиҙәләрен үтә. Был көндө Муса халыҡҡа былай тип бойорҙо: – Иордан йылғаһы аша сыҡҡас, халыҡҡа фатиха бирер өсөн, бына был ырыуҙар Геризим тауында торорға тейеш: Шимғон, Леви, Йәһүҙә, Исасхар, Йософ һәм Бинйәмин. Ә былары ләғнәт әйтеү өсөн Ғевал тауында торорға тейеш: Рәүвән, Ғад, Ашер, Зевулун, Дан, Нафтали. Левиҙәр бөтә Исраил халҡына оран һалып былай тиер: «Раббыға ерәнгес булғанды – оҫталар ҡулының эшен – уйылған йәки ҡойолған боттарҙы яһатҡан һәм йәшереп тотҡан кешегә ләғнәт булһын!» Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен. «Атаһы йәки әсәһен хөрмәтләмәгән, уға ҡаршы һүҙ әйткән кешегә ләғнәт булһын!» Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен. «Күршеһенең ыҙан ташын күсергән кешегә ләғнәт булһын!» Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен. «Һуҡырҙы юлдан аҙаштырған кешегә ләғнәт булһын!» Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен. «Килмешәкте, етемде, тол ҡатынды ялған хөкөм иткән кешегә ләғнәт булһын!» Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен. «Атаһының ҡатыны менән ятҡан кешегә ләғнәт булһын, сөнки ул атаһының оятын асты». Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен. «Берәй төрлө хайуан менән яҡынлыҡ ҡылған кешегә ләғнәт булһын». Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен. «Үҙенең ҡыҙ туғаны, әсәһенең йәки атаһының ҡыҙы менән ятҡан кешегә ләғнәт булһын!» Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен. «Ҡәйнәһе менән ятҡан кешегә ләғнәт булһын!» Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен. «Йәшерен рәүештә берәйһен үлтергән кешегә ләғнәт булһын!» Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен. «Ғәйепһеҙ ҡанды түгер өсөн аҡса алған кешегә ләғнәт булһын!» Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен. «Был ҡанунда әйтелгәндәрҙе хупламаған һәм үтәмәгән кешегә ләғнәт булһын!» Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен. Әгәр Аллағыҙ Раббының һүҙенә ҡолаҡ һалып, бөгөн мин һеҙгә еткергән бөтә бойороҡтарын теүәл үтәһәгеҙ, Аллағыҙ Раббы һеҙҙе ер йөҙөндәге бөтә ҡәүемдәрҙән өҫтөн итер. Әгәр Аллағыҙ Раббының әйткәндәрен тыңлаһағыҙ, ошо фатихаларҙың барыһы ла һеҙгә килер һәм бойомға ашыр. Ҡалала ла, ауылда ла фатихалы булырһың. Ҡарыныңдың емеше – балаң да, тупрағыңдың емеше лә, малдарыңдың түле – һыйырҙарыңдың быҙауы, һарыҡтарыңдың бәрәсе лә – фатихалы булыр. Кәрзиндәрең дә, икмәк күнәктәрең дә фатихалы булыр. Ингәнеңдә лә, сыҡҡаныңда ла фатихалы булырһың. Һиңә ҡаршы килгән дошмандарыңды Раббы алдыңда ҡырып һалыр. Һеҙгә бер юлдан ҡаршы сыҡһалар, ете юлдан ҡасып китерҙәр. Раббы һеҙҙең келәттәрегеҙгә, ҡулығыҙҙың һәр эшенә: «Бәрәкәтле булһын!» тип бойорор һәм һеҙгә бирәсәк ерҙә Аллағыҙ Раббы һеҙгә фатихалы булыр. Аллаң Раббының бойороҡтарын үтәһәгеҙ, Уның юлдарынан йөрөһәгеҙ, Раббы һеҙгә вәғәҙә биргәнсә, һеҙҙе Үҙенең изге халҡы итеп таныр. Ер йөҙөндәге бөтә ҡәүемдәр Раббының һеҙҙе «Үҙ халҡым» тип атағанын күрер һәм ҡурҡып торор. Раббы ата-бабаларығыҙға ант итеп һеҙгә бирергә вәғәҙә иткән ерҙә һәр йәһәттән бәрәкәт бирер: балаларығыҙ күп, малдарығыҙ ишле, тупрағығыҙ мул уңышлы булыр. Ерегеҙгә ямғырҙы ваҡытында яуҙырыр, башҡарған бар эштәрегеҙгә фатиха бирер өсөн күктәрҙең игелекле хазинаһын асыр. Бик күп халыҡтарға бурысҡа бирерһегеҙ, ә үҙегеҙ бурысҡа алмаҫһығыҙ. Раббы һеҙҙе ҡойроҡ түгел, баш итер. Әгәр Аллағыҙ Раббының бөгөн мин һеҙгә еткергән бойороҡтарын тыңлаһағыҙ, уларҙы ғәмәл ҡылһағыҙ, һәр ваҡыт аҫта түгел, өҫтә булырһығыҙ. Бөгөн һеҙгә белдергән бойороҡтарҙан ситкә тайпылмағыҙ, уңға ла, һулға ла боролмағыҙ, башҡа илаһтар артынан эйәреп, уларға хеҙмәт итмәгеҙ. Әгәр Аллағыҙ Раббының һүҙенә ҡолаҡ һалмаһағыҙ, Уның бөгөн мин һеҙгә еткергән бөтә бойороҡтарын, ҡағиҙәләрен үтәмәһәгеҙ, өҫтөгөҙгә ошо ләғнәттәр төшөр. Ҡалала ла, ауылда ла ләғнәтле булырһың. Кәрзиндәрең дә, икмәк күнәктәрең дә ләғнәтле булыр. Ҡарыныңдың емеше – балаларың да, тупрағыңдың уңышы ла, малдарыңдың түле – һыйырҙарыңдың быҙауы, һарыҡтарыңдың бәрәсе – барыһы ла ләғнәтле булыр. Ингәнеңдә лә, сыҡҡаныңда ла ләғнәтле булырһың. Раббы һеҙгә ҡарғыш, өмөтһөҙлөк ебәрер, һәр эшегеҙҙә уңышһыҙлыҡҡа дусар итеп, һәләк ҡылыр. Раббынан йөҙ сөйөргәнегеҙ өсөн һәм яуыз ғәмәлдәрегеҙ арҡаһында юҡҡа сығырһығыҙ. Раббы һеҙгә биләмә итеп бирәсәк ерегеҙҙән һеҙҙе юҡ итеп бөткәнгә тиклем үләт ебәреп язалар. Раббы һеҙҙе һулытып киптерер, биҙгәк, тапма тотор, шеш сығыр. Ул һеҙгә ҡоролоҡ, көйҙөргөс ел, бәшмәк ауырыуҙары ебәрер. Улар һеҙҙе ҡырылып бөткәнегеҙгә тиклем эҙәрләр. Баш өҫтөгөҙҙәге күк баҡырға, аяҡ аҫтығыҙҙағы ер тимергә әйләнер. Раббы һеҙ юҡ булғанға тиклем күктән ямғыр урынына ерегеҙгә саң болото ебәрер, ҡом яуҙырыр. Раббы һеҙҙе дошмандарығыҙҙан еңелдерер: бер юл менән уларға ҡаршы сығырһығыҙ, ете юл менән уларҙан ҡасып китерһегеҙ. Ер йөҙөндәге бөтә батшалыҡтар өсөн ҡурҡыныс ғибрәт булырһығыҙ. Мәйеттәрегеҙ һауалағы ҡоштарға һәм ҡырағай хайуандарға емтек булыр, уларҙы ҡыуып ебәреүсе лә ҡалмаҫ. Раббы һеҙгә дауалап булмаҫлыҡ Мысыр шеше, ҡорсаңғы һәм ҡутыр ебәрер. Ул һеҙҙе аҡылдан яҙҙырыр, һуҡырайтыр, йөрәгегеҙҙең хәлен алыр. Һуҡыр кеше кеүек көпә-көндөҙ һәрмәнеп йөрөрһөгөҙ. Бер эшегеҙ ҙә уң булмаҫ. Һеҙҙе һәр саҡ ҡыҫырыҡларҙар, рәнйетерҙәр, әммә яҡлаусы булмаҫ. Ҡыҙ йәрәшерһең, әммә уның менән башҡа берәү йоҡлар. Өй һалырһың, әммә унда йәшәй алмаҫһың. Йөҙөм баҡсаһы ултыртырһың, тик емешен ауыҙ итә алмаҫһың. Күҙ алдыңда үгеҙеңде һуйырҙар – итен ашай алмаҫһың; ишәгеңде күҙ алдыңда алып китерҙәр, кире бирмәҫтәр; һарыҡтарың дошмандарға булыр – бер кем дә һине яҡламаҫ. Улдарығыҙҙы һәм ҡыҙҙарығыҙҙы күҙ алдығыҙҙа башҡа халыҡтар араһына ҡыуырҙар. Уларҙы көтөп, күҙҙәрегеҙ талыр, әммә ярҙам итергә хәлегеҙ булмаҫ. Һеҙҙе бөтөнләй белмәгән халыҡтар тупрағығыҙҙың уңышын, хеҙмәтегеҙҙең емешен ашар, ә һеҙ ғүмерегеҙҙе йәбер-яфала үткәрерһегеҙ. Күҙҙәрегеҙ күргәнгә ҡотоғоҙ осоп, аҡылдан шашырһығыҙ. Ботоғоҙҙо, тубығығыҙҙы сиҡан баҫыр. Унан дауалана алмаҫһығыҙ: ул башығыҙҙан алып табанығыҙға тиклем ҡаплап алыр. Раббы һеҙҙе һәм үҙегеҙ һайлап ҡуйған батшағыҙҙы һеҙ ҙә, ата-бабаларығыҙ ҙа белмәгән ҡәүем араһына ҡыуыр. Унда таштан һәм ағастан эшләнгән башҡа илаһтарға хеҙмәт итерһегеҙ. Раббы һеҙҙе араларына һөргән бар халыҡтар өсөн имәнес, ғибрәтле бер миҫал, әҙәм көлкөһө булырһығыҙ. Баҫыуығыҙға орлоҡто күп итеп сәсерһегеҙ, әммә уңышты бик аҙ йыйып алырһығыҙ, сөнки уны саранча ашап бөтөр. Йөҙөм баҡсаһы үҫтерерһегеҙ, тәрбиәләрһегеҙ, әммә шарап эсә алмаҫһығыҙ, сөнки уларҙы ҡорт ашап бөтөр. Ерегеҙҙең һәр урынында зәйтүн ағастары үҫер, тик майын һөртә алмаҫһығыҙ, сөнки емештәре ҡойолоп бөтөр. Улдарығыҙ һәм ҡыҙҙарығыҙ тыуыр, тик улар янығыҙҙа ҡалмаҫ, әсирлеккә китер. Бөтә ағастарығыҙҙы, тупрағығыҙҙың уңышын сиңерткәләр ашап бөтөр. Арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәр һеҙҙән торған һайын өҫтөнөрәк була барыр, ә һеҙ түбәнәйгәндән түбәнәйерһегеҙ. Улар һеҙгә бурысҡа биреп торор, ә һеҙ бирә алмаҫһығыҙ. Улар баш, ә һеҙ ҡойроҡ булырһығыҙ. Аллағыҙ Раббыны тыңламаған, Уның бойороҡтарын үтәмәгән, ҡағиҙәләрен тотмаған өсөн бөтә был ләғнәттәр башығыҙға яуыр, һеҙ ҡырылып бөткәнсе эҙәрләр һәм ҡыуып етер. Был ҡарғыштар һеҙгә һәм тоҡомдарығыҙға мәңгелек бер билдә, ҡара тамға булып ҡалыр. Муллыҡ заманында Аллағыҙ Раббыға шат күңелдән һәм ихлас йөрәктән хеҙмәт итмәгән өсөн Раббы муйынығыҙға тимер ҡалып кейҙерер, һәм һеҙ, әжәлегеҙ еткәнсе ризыҡҡа, һыуға, кейемгә тилмереп, мохтажлыҡта дошмандарығыҙға хеҙмәт итерһегеҙ. Һеҙҙе бөлдөрөп юҡ иткәнгә тиклем малығыҙҙы, ерегеҙҙең уңышын ашап бөтөр. Һеҙгә икмәк тә, шарап та, зәйтүн майы ла, һыйырҙарығыҙҙың быҙауҙарын, һарыҡтарығыҙҙың бәрәстәрен дә бирмәҫ. Һеҙҙе йәшәгән урынығыҙҙа ҡамауға алыр, һеҙ ышанған бейек һәм ныҡлы диуарҙарығыҙҙы емерер, Аллағыҙ Раббы һеҙгә биргән ерҙәге бөтә ҡалаларығыҙҙа һеҙҙе ҡыҫырыҡлар. Дошман ҡамауында мохтажлыҡтың һуңғы сигенә төшкәс, ҡарынығыҙҙың емешен – Аллағыҙ Раббы биргән улдарығыҙҙы һәм ҡыҙҙарығыҙҙы ашарһығыҙ. Арағыҙҙағы иң йомшаҡ күңелле, иғтибарлы һаналған ир ҙә үҙ туғанына, яратҡан ҡатынына һәм әле иҫән ҡалған балаларына аяуһыҙ күҙҙәре менән ҡарар. Үҙе ашаған баланың итенән уларға өлөш сығармаҫ, сөнки дошман ҡамауында ҡалған ҡалаларығыҙҙа, мохтажлыҡтың һуңғы сигенә еткәс, ашарлыҡ бер нәмә лә ҡалмаҫ. Әгәр ошо китапта яҙылған был ҡанундың бөтә һүҙҙәрен дә теүәл үтәмәһәгеҙ, Аллағыҙ Раббының шөһрәтле һәм дәһшәтле исеменән ҡурҡмаһағыҙ, Раббы үҙегеҙҙе һәм тоҡомдарығыҙҙы хайран ҡалдырырлыҡ, бөтмәҫ-төкәнмәҫ бәхетһеҙлектәр, яман һәм оҙайлы ауырыуҙар менән язалар. Мысырҙың һеҙҙе ҡурҡытҡан барлыҡ зәхмәттәрен башығыҙға ебәрер һәм улар һеҙгә йәбешеп ҡалыр. Һеҙ ҡырылышып бөткәнгә тиклем Раббы хатта был ҡанун китабында яҙылмаған ауырыуҙарҙы һәм бәхетһеҙлектәрҙе лә ебәрер. Ҡасандыр күктәге йондоҙҙар кеүек күп булһағыҙ, бик аҙ ғына ҡалырһығыҙ, сөнки Аллағыҙ Раббы һүҙенә ҡолаҡ һалманығыҙ. Ул һеҙгә яҡшылыҡ ҡылып, һеҙҙе күбәйтеп, нисек һөйөнгән булһа, һеҙҙе һәләк итеп, ҡырып бөтөргәндә лә шулай шатланыр. Һеҙ әле биләр өсөн китеп барған ерегеҙҙән сығарып бырғалырһығыҙ. Раббы һеҙҙе донъяның бер осонан икенсе осона, төрлө халыҡтар араһына таратыр. Унда үҙегеҙ ҙә, ата-бабаларығыҙ ҙа танымаған, ағастан һәм таштан яһалған башҡа илаһтарға хеҙмәт итерһегеҙ. Был халыҡтар араһында йәнегеҙ – тыныслыҡ, аяғығыҙ тынғылыҡ тапмаҫ. Раббы һеҙгә тертләп торған йөрәк, тилмереп ҡараған күҙҙәр һәм һыҙланған күңел бирер. Тормошоғоҙ ҡурҡыныс аҫтында булыр, көнөн дә, төнөн дә ҡалтыранып торорһоғоҙ, киләсәккә ышанысығыҙ бөтөр. Йөрәгегеҙҙе биләп алған ҡурҡыуҙан һәм күҙҙәрегеҙ күргәндән һеҙ иртән: «Тиҙерәк кис етһә ине!» тип, ә кискеһен: «Йәһәтерәк таң атһа ине!» тип әйтерһегеҙ. Мин һеҙгә башҡа бер ваҡытта ла күрмәйәсәкһегеҙ тигән юлдан Раббы һеҙҙе кәмәләрҙә Мысырға кире алып китер. Унда дошмандарығыҙға ҡол итеп һатылырға тырышырһығыҙ, тик алыусы табылмаҫ. Раббының Исраил халҡы менән Хорев тауында төҙөгән килешеүенә өҫтәлмә булараҡ, Раббы Мусаға Моав ерендә лә килешеү төҙөргә бойорҙо. Был килешеүҙең һүҙҙәре ошо. Муса Исраил халҡын бергә йыйҙы ла уларға былай тине: – Раббының Мысырҙа күҙ алдығыҙҙа фирғәүенгә, уның бөтә ҡолдарына һәм бөтә иленә нимәләр ҡылғанын күрҙегеҙ. Бөйөк һәм ауыр һынауҙарҙы, ғәжәйеп хикмәттәрҙе һәм мөғжизәләрҙе үҙ күҙегеҙ менән күрҙегеҙ. Әммә бөгөнгө көнгә тиклем Раббы һеҙгә аңлар өсөн аҡыл, күрер өсөн күҙ, ишетер өсөн ҡолаҡ бирмәгәйне. «Һеҙҙе ҡырҡ йыл буйы сүллектә йөрөттөм, өҫтөгөҙҙәге кейемегеҙ иҫкермәне, аяҡ кейемегеҙ туҙманы, – ти Раббы. – Икмәк ашаманығыҙ, шарап та, хәмер ҙә эсмәнегеҙ. Быларҙың барыһын да Минең Аллағыҙ Раббы икәнемде аңлауығыҙ өсөн эшләнем». Был урынға килгәс, беҙгә ҡаршы һуғышыр өсөн Хешбон батшаһы Сихон менән Башан батшаһы Ғоғ сыҡты. Беҙ уларҙы ҡыйраттыҡ. Уларҙың ерен алдыҡ та, биләмә итеп, Рәүвән менән Ғад ырыуына һәм Менашше ырыуының яртыһына бирҙек. Эшләгән һәр эшегеҙҙә уңыш ҡаҙаныр өсөн был килешеүҙең һәр һүҙен теүәл үтәгеҙ. Аллағыҙ Раббының бөгөн һеҙҙең менән төҙөйәсәк антлы килешеүен ҡабул итер өсөн тораһығыҙ һеҙ. Һеҙгә әйткәнсә һәм ата-бабаларығыҙ Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа вәғәҙә иткәнсә, Аллағыҙ Раббы бөгөн һеҙҙе Үҙенең халҡы, ә Үҙен һеҙҙең Аллағыҙ итеп белдерә. Мысырҙа нисек йәшәгәнебеҙҙе, төрлө ҡәүемдәр араһынан бында нисек килгәнебеҙҙе беләһегеҙ. Уларҙың әшәке нәмәләрен – ағастан, таштан, алтындан, көмөштән яһалған боттарын күрҙегеҙ. Бөгөн арағыҙҙа был ҡәүемдәрҙең илаһтарына табыныр өсөн Аллабыҙ Раббынан ситләшкән ир ҙә, ҡатын да, нәҫел дә, ырыу ҙа булмаһын, арағыҙҙа ағыу һәм әрем үҫтереүсе тамыр булмаһын. Был килешеү һүҙҙәрен ишетеп берәйһе күңеленән маһайып: «Үҙемдең тиҫкәрелегемә таянып йәшәһәм дә, иҫән-аман булырмын», – тимәһен. Юғиһә был һуғарыулы ерҙе лә, ҡоро тупраҡты ла һәләкәткә килтерер. Раббы бындай кешене ғәфү итмәҫ. Раббының уға ҡаршы асыуы ҡабарыр, ярһыуы тоҡаныр, ул кешенең башына был китапта яҙылған бөтә ҡарғыштар төшөр һәм Раббы уның исемен ер йөҙөнән юҡ итер. Был ҡанун китабында яҙылған килешеүҙәге ҡарғыштарға ярашлы рәүештә Раббы уны һәләк итер өсөн Исраилдың бөтә ырыуҙарынан айырып алыр. Киләсәк быуын, һеҙҙән һуң тыуған балалар һәм алыҫ илдәрҙән килгән килмешәктәр был илгә ябырылған бәләләрҙе һәм Раббы күндергән ауырыуҙарҙы күрер: бөтә ер яна, көкөрт һәм тоҙ менән үртәлә, иген игелмәй, тупраҡ һөрөлмәй ҙә, сәселмәй ҙә, хатта үлән дә үҫмәй. Ил Раббының асыуы менән юҡ ителгән Содом, Ғамора, Адма һәм Севоим ҡалалары кеүек булған. Бар ҡәүемдәр: «Раббы ни өсөн был илгә шулай эшләне? – тип һорар. – Был дәһшәтле асыуҙың сәбәбе ниҙә?» Яуап шулай булыр: «Ата-бабаларының Аллаһы Раббы уларҙы Мысырҙан сығарғанда үҙ-ара төҙөшкән килешеүҙе тотманылар. Үҙҙәре белмәгән, Раббы тәҡдим итмәгән башҡа илаһтарға эйәреп, уларға хеҙмәт итә һәм табына башланылар. Шуның өсөн был илгә Раббының асыуы ялҡынланды һәм уны был китапта яҙылған бөтә ҡарғыштарға дусар итте. Раббы көслө ярһыу, тыйғыһыҙ нәфрәт менән уларҙы илдәренән ҡыуып сығарып ебәрҙе һәм бөгөнгөләй башҡа ерҙәргә һөрҙө». Йәшерен булғаны – Аллабыҙ Раббыныҡы, ә асылғаны, беҙ был ҡанундың бөтә һүҙҙәрен үтәһен өсөн, ғүмерлеккә беҙҙеке һәм беҙҙең балаларҙыҡы. Мин һеҙгә һайларға тәҡдим иткән фатиха йәки ләғнәт башығыҙға килгәндә, Аллағыҙ Раббы һеҙҙе һибеп таратҡан ҡәүемдәр араһында шуларҙы хәтерләйәсәкһегеҙ. Үҙегеҙ һәм балаларығыҙ Аллағыҙ Раббыға әйләнеп ҡайтып, бөгөн мин һеҙгә бойорған һәр эштә Уның һүҙен бөтөн йөрәгегеҙ һәм бар булмышығыҙ менән үтәһәгеҙ, Аллағыҙ Раббы, мәрхәмәт күрһәтеп, әсирлектән ҡайтарыр, һеҙҙе таратҡан ҡәүемдәр араһынан ҡабат йыйып алыр. Ер сигенә һөрөлгән булһағыҙ ҙа, Аллағыҙ Раббы һеҙҙе йыйып алып кире ҡайтарыр. Аллағыҙ Раббы һеҙҙе ата-бабаларығыҙ биләгән ергә килтерер, һәм һеҙ уны биләмә итеп алырһығыҙ. Аллағыҙ Раббы һеҙгә ата-бабаларығыҙға ҡарағанда ла ҙурыраҡ яҡшылыҡ ҡылыр, һеҙҙе уларға ҡарағанда ла ишлерәк итер. Һеҙ Аллағыҙ Раббыны бөтөн йөрәгегеҙ һәм бар булмышығыҙ менән яратһын һәм имен йәшәһен өсөн, Аллағыҙ Раббы һеҙҙең һәм тоҡомдарығыҙҙың йөрәген сөннәтләр. Шул саҡта Аллағыҙ Раббы бөтә был ҡарғыштарҙы дошмандарығыҙға, һеҙҙе күрә алмағандарға һәм һеҙҙе эҙәрләүселәргә йүнәлтер. Һеҙ йәнә Раббының әйткәндәрен тыңларһығыҙ, бөгөн мин һеҙгә еткергән бойороҡтарҙың барыһын да үтәрһегеҙ. Аллағыҙ Раббы һәр эшегеҙҙе уңышлы итер: балаларығыҙ ишле, малығыҙ үрсемле, ерегеҙ емешле булыр. Раббы, ата-бабаларығыҙға яҡшылыҡ ҡылып, нисек ҡыуанһа, һеҙҙең өсөн дә шулай һөйөнөр, һеҙгә игелек эшләр. Әммә был бер шартты үтәһәгеҙ: Аллағыҙ Раббының әйткәндәрен тыңлаһағыҙ, Уның был ҡанун китабында яҙылған бойороҡтарын, ҡағиҙәләрен үтәп, Уға бөтөн йөрәгегеҙ һәм бар булмышығыҙ менән боролһағыҙ ғына булыр. Бөгөн мин һеҙгә еткергән бойороҡ ят йәки үтәй алмаҫлыҡ түгел. «Берәйһе, күккә менеп, беҙгә уны алып төшһә, беҙ уларҙы үтәр инек», – тип әйтер инегеҙ, ул күктә түгел. «Берәйһе, диңгеҙ аръяғына барып, ул бойороҡто алып килһен дә уҡып ишеттерһен ине, беҙ уны үтәр инек», – тип әйтер инегеҙ, ул диңгеҙ аръяғында ла түгел. Алла һүҙе һеҙгә яҡын ғына: һеҙ уны үтәй алһын өсөн ул телегеҙҙә һәм йөрәгегеҙҙә. Бына мин бөгөн һеҙгә йәшәү менән яҡшылыҡты йәки үлем менән яманлыҡты һайларға тәҡдим итәм. Бөгөн мин һеҙгә әйткәндәрҙе – Аллағыҙ Раббы ҡушҡандарҙы үтәһәгеҙ, Аллағыҙ Раббыны яратһағыҙ, Уның юлынан йөрөп, барлыҡ бойороҡтарын, ҡағиҙәләрен һәм ҡанундарын үтәһәгеҙ, Аллағыҙ Раббы фатихаһы менән үҙегеҙ биләргә барған ерҙә йәшәрһегеҙ һәм күп һанлы булырһығыҙ. Әгәр ҙә йөрәгегеҙ ситләшһә, ҡолаҡ һалмаһағыҙ, аҙашһағыҙ, башҡа илаһтарға табына һәм хеҙмәт итә башлаһағыҙ, мин һеҙҙе бөгөн киҫәтеп әйтәм, мотлаҡ һәләк булырһығыҙ, Иордан йылғаһы аша сығып биләр өсөн барған ерегеҙҙә оҙаҡ йәшәй алмаҫһығыҙ. Мин бөгөн күк менән ерҙе шаһитлыҡҡа саҡырып, һеҙгә йәшәү йәки үлем, фатиха йәки ләғнәт һайларға тәҡдим итәм. Тормошто һайлағыҙ – ул ваҡытта үҙегеҙ ҙә, тоҡомоғоҙ ҙа йәшәйәсәкһегеҙ. Аллағыҙ Раббыны яратығыҙ, Уны тыңлағыҙ, Уға һыйынығыҙ. Унда – һеҙҙең тормошоғоҙ, Раббы ата-бабаларығыҙ Ибраһимға, Исхаҡҡа һәм Яҡупҡа бирергә ант менән вәғәҙә иткән ерҙәге оҙон ғүмерегеҙ. Муса бөтә Исраил халҡына ошо һүҙҙәрҙе еткергәндән һуң, былай тип дауам итте: – Миңә инде йөҙ егерме йәш. Бынан ары һеҙгә етәкселек итә алмайым. Раббы ла миңә: «Һин Иордан йылғаһын аша сыҡмаясаҡһың», – тине. Аллағыҙ Раббы алдығыҙҙан Үҙе барыр һәм был ҡәүемдәрҙең барыһын да алдығыҙҙан ҡырып бөтөрөр. Һеҙ уларҙың ерҙәрен биләп алырһығыҙ. Раббының һүҙе буйынса, йылға аша һеҙҙе Йушағ алыр сығыр. Раббы әмөриҙәрҙең батшалары Сихон менән Ғоғты һәм уларҙың ерҙәрен нисек юҡ иткән булһа, был ҡәүемдәр менән дә шулай эшләр. Раббы уларҙы һеҙгә тапшырыр һәм һеҙ улар менән һеҙгә биргән бойороҡтарым буйынса мөғәмәлә итерһегеҙ. Ныҡ һәм ғәйрәтле булығыҙ, ҡурҡмағыҙ, ҡаушап ҡалмағыҙ, сөнки Аллағыҙ Раббы Үҙе һеҙҙең менән бара – Ул һеҙҙе яңғыҙ ҡалдырмаҫ, ташлап китмәҫ. Муса Йушағты саҡырып алды ла бөтә Исраилдың күҙ алдында: – Ныҡ һәм ғәйрәтле бул, сөнки һин халыҡты Раббы уларҙың ата-бабаларына нәҙер иткән ергә алып бараһың, – тине. – Ул ерҙе һин халыҡҡа өлөшләп бүлеп бирерһең. Раббы Үҙе алдыңдан барыр, һинең менән бергә булыр, яңғыҙ ҡалдырмаҫ һәм ташлап китмәҫ. Ҡурҡма һәм ҡаушама. Муса, был ҡанунды яҙып, Раббының Килешеү һандығын күтәреп йөрөтөүсе Леви ырыуынан булған ҡаһиндарға һәм Исраил аҡһаҡалдарына бирҙе. Шунан уларға былай тип бойорҙо: – Һәр ете йыл һайын, бурыстарҙы ғәфү итеү йылында, Ҡыуыш байрамында, бөтә исраилдар Аллағыҙ Раббы алдына баҫыр өсөн Раббы Үҙе һайлаған ергә йыйылғас, ошо ҡанунды ҡысҡырып уҡығыҙ. Һәммә халыҡты – ирҙәрҙе, ҡатындарҙы, балаларҙы һәм арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәрҙе – йыйығыҙ. Һәр кем тыңлаһын һәм өйрәнһен, Аллағыҙ Раббынан ҡурҡһын һәм ҡанундың бөтә һүҙҙәрен дә теүәл үтәһен. Әле уны белмәгән балаларығыҙ ҙа тыңлаһын, һеҙ әле биләргә барған Иордан аръяғындағы ерҙә йәшәгәндә һәр саҡ Аллағыҙ Раббынан ҡурҡырға өйрәнһен. Раббы Мусаға: – Үлер көндәрең яҡынлаша, – тине. – Йушағты саҡыр ҙа Осрашыу сатырында Минең алдыма баҫығыҙ. Мин уға күрһәтмәләремде бирермен. Муса менән Йушағ Осрашыу сатырына килде. Раббы сатырҙа болот бағанаһы эсендә пәйҙә булды. Бына болот бағанаһы сатыр ауыҙында туҡтап ҡалды. Раббы Мусаға былай тине: – Бына һин, үлеп, ата-бабаларың хозурына күсерһең. Ә был халыҡ, Миңә тоғролоҡ һаҡламайынса, барған ерендәге илаһтар менән зина ҡылыр, Мине ташлар һәм Мин улар менән төҙөгән килешеүҙе боҙор. Шул саҡ уларға асыуым ялҡынланыр һәм Мин, уларҙы ташлап, йөҙ сөйөрөрмөн. Улар башҡаларға ем булыр, баштарына һанһыҙ михнәт-ҡайғылар ябырылыр һәм яза көнөндә: «Был бәләләр башыбыҙға Аллабыҙ беҙҙең менән булмаған өсөн төштө», – тип әйтерҙәр. Башҡа илаһтарға эйәреп эшләгән яуызлыҡтары өсөн Мин ул көндө уларҙан ваз кисермен. Ә хәҙер үҙегеҙгә был йырҙың һүҙҙәрен яҙып алығыҙ һәм исраилдарға өйрәтегеҙ: әйҙә уны ҡабатлаһындар. Был йыр уларға ҡаршы Минең шаһитым булһын. Сөнки уларҙы, ата-бабаларына ант менән вәғәҙә иткәнсә, һөт һәм бал ағып ятҡан яҡшы ергә алып килгәс, улар ашап-туйып һимерер ҙә, башҡа илаһтарға эйәреп, уларға хеҙмәт итә башлар, Мине инҡар итеп, килешеүемде боҙор. Баштарына һанһыҙ михнәттәр, хәсрәттәр килгәндә, был йыр уларға ҡаршы шаһит булыр, сөнки балалары был йырҙы теленән төшөрмәҫ. Бирергә ант иткән ергә алып ингәнгә тиклем үк, Мин уларҙың нимә ниәтләгәнен беләм. Шул көндө үк Муса был йырҙы яҙып алды һәм Исраил халҡына өйрәтте. Раббы Нун улы Йушағҡа былай тип бойорҙо: – Ныҡ һәм ғәйрәтле бул, сөнки һин Исраил халҡын Мин уларға бирергә ант иткән ергә алып керәһең. Мин һинең менән бергә буласаҡмын. Муса был ҡанундың һүҙҙәрен аҙағына тиклем китапҡа яҙып ҡуйҙы ла Раббының Килешеү һандығын күтәреп йөрөүсе левиҙәргә былай тине: – Был ҡанун китабын алығыҙ ҙа уны Аллағыҙ Раббының Килешеү һандығы янына һалығыҙ. Ул унда һеҙгә ҡаршы шаһит булып ятыр. Сөнки мин һеҙҙең ниндәй тиҫкәре һәм фетнәсел булыуығыҙҙы беләм. Әле мин иҫән, арағыҙҙа саҡта Раббыға буйһонмайһығыҙ, ә мин үлгәндән һуң нимә булыр? Яныма ырыуҙарығыҙҙың аҡһаҡалдарын һәм етәкселәрен саҡырығыҙ. Был һүҙҙәрҙе уларға телдән әйтермен, шаһит итеп, ер менән күкте саҡырырмын. Сөнки мин үлгәндән һуң аҙырығыҙҙы, һеҙгә бойорған юлдан тайпылырығыҙҙы беләм. Ваҡыт үтеү менән, һеҙҙе бәләләр ҡыуып етер, сөнки, Раббы алдында яманлыҡ ҡылып, Уны үҙегеҙҙең эштәрегеҙ менән асыуландырасаҡһығыҙ. Муса, йыйылған бөтә Исраил халҡы ишетерлек итеп, был йырҙы баштан алып аҙағына тиклем әйтеп бирҙе. «Мин һөйләйем, ҡолаҡ һал, күк; Ер йөҙө, ауыҙымдан сыҡҡан һүҙҙәрҙе ишет! Нәсихәтем ямғыр һымаҡ яуһын, Ысыҡ кеүек төшһөн телмәрем; Йәшеллеккә яуған ләйсән булһын, Ҡойма ямғыр – үләндәргә ҡойған. Раббының исемен иғлан итәм – Аллабыҙҙың бөйөклөгөн данлағыҙ! Ул – Ҡая! Эштәре камил, Уның бөтә юлдары ла ғәҙел. Алла тоғро, Унда һис юҡ ялған. Ул хаҡ һәм ғәҙел. Тик был кире, аҙғын быуын Уға тоғролоғон һаҡламаны. Уға бала булманылар, Шуға хурлыҡҡа ҡалдылар. Раббыға яуабығыҙ шулаймы, Эй аҡылһыҙ, мәғәнәһеҙ халыҡ? Һеҙҙе яратҡан Атайың түгелме Ул? Һине бар ҡылған, нығытҡан Ул түгелме? Боронғо мәлдәрҙе хәтергә ал, Әүәлге быуындар тураһында уйла. Атайыңдан һора, ул аңлатһын, Ҡарттарҙан ҡыҙыҡһын, һөйләһендәр. Юғарыларҙан Юғары, ҡәүемдәргә ер өләшеп, Әҙәм балаларын айырғанда, Исраил улдарының һанына күрә Халыҡтарҙың сиген билдәләне. Сөнки Раббының өлөшө – Үҙ халҡы, Яҡуп нәҫеле – Уның биләмәһе. Был халыҡты Ул сүллектә тапты, Буп-буш, ҡырағай далала. Ҡурсаланы, баҡты, ҡараны, Күҙ ҡараһы һымаҡ һаҡланы. Ояһын һаҡлап кәйелгән, Ҡошсоҡтарын ҡурсып ҡанат йәйгән, Ҡаурыйҙарында йөрөткән бөркөт һымаҡ Раббы Яҡупты бер Үҙе алып барҙы, Янында башҡа алла булманы. Таулы илде яуларға килтерҙе, Баҫыуының емешенә туйындырҙы, Уны ҡаянан аҡҡан бал менән, Саҡматаштан һығылған зәйтүн менән һыйланы. Һыйыр майы, кәзә һөтө менән, Бәрәстәрҙең, тәкәләрҙең, Башан малдарының эс майы, Туҡ башаҡлы бойҙай менән туйындырҙы, Йөҙөм ҡаны – шарап эсерҙе. Әммә Йешурун һимерҙе, буйһонмай башланы, Таҙарҙы, йыуанайҙы, май бөрҙө. Үҙен яратҡан Алланы ташланы. Ҡотҡарыусы таянысынан ваз кисте. Сит илаһтары менән Алланы көнләштерҙе, Ерәнгес ғәмәлдәре менән ярһытты. Аллаға түгел, ендәргә, Үҙҙәре белмәгән илаһтарға, Ата-бабалары ҡурҡмаған, Һуңғы мәлдә ситтән килеп ингән Яңы илаһтарға ҡорбан салды. Һиңә йәшәү биргән Ҡаяңды оноттоң, Үҙеңде донъяға килтергән Алланы хәтереңдән сығарҙың. Быны күреп, Раббы асыуланды, Улдары һәм ҡыҙҙарынан Ул ваз кисте. „Уларҙан Мин йөҙ йәшерәм, – тине. – Һәм күрермен: нисек булыр ахырҙары. Сөнки улар аҙғын быуын, Тоғролоҡто белмәгән балалар. Ялған илаһтары менән Көнсөллөгөмә тейәләр. Мәғәнәһеҙ боттарға табынып, Мине асыуландыралар. Халыҡ булмаған бер ҡәүем менән Мин дә уларҙы көнләштерермен, Берәй алйот ҡәүем менән йәндәренә тейермен. Сөнки асыуымдан ут тоҡанды, Үлеләр донъяһының тәрәнлектәренәсә яныр. Ер йөҙөн, емештәрен йотоп юҡ итер, Тауҙарҙың нигеҙенә тоташыр. Уларға бәләләр ебәрермен, Өҫтәренә уҡтарымды яуҙырырмын. Аслыҡтан яфа сигерҙәр, Ҡот осҡос сирҙән, үләттән ҡырылырҙар, Мин яуыз йыртҡыстар, Ағыулы йыландар күндерермен. Урамда уларҙы ҡылыс ялмар, Өйҙә дәһшәт алҡымынан алыр: Егеттәр менән ҡыҙҙар ҙа, Сабыйҙар менән ҡарттар ҙа үлер. Әйтер инем: ‘Сәсеп ебәрәм дә, Кешеләрҙең хәтеренән юйылһындар’. Тик дошман үсәмәһен тип кисектерҙем: ‘Быларҙы эшләгән Раббы түгел, Был ҡазаның сәбәпсеһе – беҙ’, – тип Маһайып йөрөмәһендәр. Сөнки улар аңһыҙ милләт, Уларҙа фекер йөрөтөү ҡеүәһе юҡ. Әгәр аҡылдары булһа, уйлар, Үҙҙәренә ни булырын аңлар ине!“ Әгәр уларҙың Ҡаяһы ҡурсалауҙан туҡтамаһа, Раббы уларҙы дошмандары ҡулына тапшырмаһа, Нисек берәү мең кешене ҡыуыр, Икәү ун меңде баҫтырыр ине? Уларҙың ҡаяһы беҙҙең Ҡая һымаҡ түгел. Улар быны үҙҙәре лә белә. Уларҙың йөҙөмө Содом ағасында, Ғамора баҡсаларында үҫкән. Уларҙың емештәре ағыулы, тәлгәштәре әсе. Шараптары – зәһәр ыу – Ҡара йыландың ағыуы. „Хазиналарымда мөһөр баҫып, Бына нимәләрҙе һаҡлап тотам! Ҡон ҡайтарыу – Минән, әжерен Үҙем бирермен. Ваҡыт еткәс, улар һөрөнөп йығылыр, Сөнки уларҙың һәләкәт көнө яҡын, Тәҡдирҙәре уларға ҡаршы ашыға“. Үҙ халҡының хәлһеҙләнгәнен, Әсирҙән дә, азаттан да һис кем ҡалмағанын күргәс, Раббы уларҙы ҡыҙғаныр, Үҙенең ҡолдарын яҡлар. Шунда: „Ҡайҙа илаһығыҙ, – тиер. – Өмөтләнгән таяныстарығыҙ? Ҡорбандарығыҙҙың майын ейгән, Түкмә ҡорбандарығыҙҙы эскән Илаһтарығыҙ ҡайҙа һуң? Тороп ярҙамға килһендәр, Һеҙҙең ышығығыҙ булһындар. Инде күрегеҙ, Мин берҙән-бермен! Минән башҡа Алла юҡ. Үлтереүсе лә, терелтеүсе лә Мин, Имгәтеүсе лә, дауалаусы ла Мин. Минең ҡулдан һис кем ҡотҡара алмай. Ҡулымды күккә күтәреп, Мәңге йәшәүем менән ант итәм: Ялтлап торған ҡылысымды үткерләгәс, Ҡулым хөкөм ҡылыр өсөн күтәрелгәс, Дошмандарымдан Мин үс алырмын, Миңә нәфрәт тотҡандарҙы ҡырырмын. Уҡтарымды ҡандан иҫертермен, Ҡылысым ит, ҡырылғандар, әсир ителгәндәр ҡанын, Дошман түрәләренең баштарын ашар“. Эй ҡәүемдәр! Уның халҡы менән бергә шатланығыҙ, Сөнки ҡолдарының ҡаны өсөн Дошмандарынан үс алыр, Үҙенең ерен һәм халҡын паклар». Муса, Нун улы Йушағ менән бергә килеп, был йырҙың һүҙҙәрен халыҡҡа уҡыны. Был һүҙҙәрҙе бөтә Исраилға әйтеп биргәс, Муса былай тип өҫтәне: – Мин һеҙгә бөгөн иғлан иткән был һүҙҙәрҙе йөрәгегеҙгә бикләгеҙ. Был ҡанундың бөтә һүҙҙәренә диҡҡәт итһендәр һәм теүәл үтәһендәр өсөн, балаларығыҙға бойороғоҙ. Былар һеҙҙең өсөн буш һүҙ түгел, уларҙа – һеҙҙең тормошоғоҙ. Улар арҡаһында Иордан йылғаһын аша сығып биләйәсәк ерҙәрегеҙҙә оҙон-оҙаҡ йәшәрһегеҙ. Раббы шул көндө Мусаға былай тине: – Ошо Ғаварим таулығына, Йерихо ҡаршыһында Моав ерендәге Нево тауына мен. Мин Исраил халҡына биләмә итеп бирәсәк Ҡәнғән ерҙәренә күҙ һал. Ағайың Һарун, Һор тауында вафат булып, ата-бабалары янына күскән кеүек, һин дә менгән тауыңда үлеп, ата-бабаларыңа ҡушылырһың. Сөнки икегеҙ ҙә Цин сүлендә, Мерива-Ҡадеш һыуҙарында, исраилдар алдында мөҡәддәслегемде иҫбатламанығыҙ һәм Миңә тоғро булманығыҙ. Шуға күрә Мин Исраил халҡына бирәсәк ерҙе алыҫтан күрерһең, әммә унда инмәйәсәкһең. Бына Алла бәндәһе Мусаның вафаты алдынан Исраил халҡына биргән фатихаһы. Ул былай тине: – Раббы Синай тауынан килде, Ул беҙгә таңдай Сеғирҙан тыуҙы, Паран тауынан нур сәсте, Ун меңләгән изгеләре менән килде, Уң ҡулында ҡанун уты яна ине. Ысынлап та, Ул халыҡтарҙы ярата! Бөтә изгеләр – Уның ихтыярында. Улар, аяҡ осона ҡапланып, Уның әйткәндәрен тыңлай. Яҡуп нәҫеленә мираҫ итеп, Муса беҙгә ҡанун бирҙе. Исраилдың ырыуҙары Башлыҡтары менән йыйылғанда Раббы Йешурунға батша булды. Рәүвән йәшәһен, үлмәһен, Халҡының һаны аҙ булмаһын. Муса Йәһүҙә хаҡында былай тине: – Эй Раббым, Йәһүҙәнең тауышын ишет, Уны үҙенең халҡына кире ҡайтар. Үҙ ҡулдары менән ул үҙен яҡлай, Дошмандарына ҡаршы Һин ярҙамсы бул. Леви тураһында әйтте: – Раббым, туммимың менән уримың – Һинең тоғро ҡолоң өсөн. Уны Массала һынаның, Мерива һыуҙарында көрәштең. Ул атаһы менән әсәһе хаҡында: «Мин улар хаҡында уйламайым», – тине. Туғандарын таныманы, балаларын белмәне, Әммә Һинең һүҙҙәреңде тотто, Һинең менән килешеүҙе һаҡланы. Яҡуп тоҡомон – ҡағиҙәләреңә, Исраил халҡын ҡануныңа өйрәтә. Алдыңда хуш еҫ төтәтә, Усағыңда тотош яндырыу ҡорбандары килтерә. Йә Раббы, уның ҡеүәтен фатихала, Уларҙың эшен ҡабул ҡыл. Кем уларға һөжүм итә, нәфрәт тота – билен һындыр, Бүтән баш ҡалҡытмаһындар. Бинйәмин тураһында әйтте: – Раббының һөйөклөһө Уның янында Һис бер хәүеф белмәй йәшәй. Раббы уны һәр саҡ ҡурсалай, Ул Раббының ҡосағында имен-аман. Йософ тураһында әйтте: – Раббы уның ерен күк байлығы – ысыҡ, Ер аҫтында ятҡан тәрән һыуҙар, Ҡояшта өлгөргән яҡшы уңыш, Үҙ айында бешкән емеш, Боронғо тауҙар байлығы, Мәңгелек ҡалҡыулыҡтар муллығы, Ер үҫтергән иң затлы уңыш менән фатихалаһын. Дөрләп янған ҡыуаҡта Күренгәндең Рәхмәт-мәрхәмәте менән фатихаланһын! Былар барыһы ла Йософтоң башына, Ағалары араһынан һайлап алынғандың түбәһенә яуһын. Йософ беренсе булып тыуған үгеҙ кеүек ғәйрәтле; Мөгөҙө – хас ҡырағай үгеҙҙекеләй. Уның мөгөҙҙәре – Әфраимдың ун меңдәре, Менашшеның меңдәре. Ҡәүемдәрҙе ер сигенә тиклем Шулар менән һөҙөп ырғытасаҡ. Зевулун тураһында былай тине: – Эй Зевулун, юлға сыҡҡаныңда шатлан! Эй Исасхар, сатырҙарыңда ҡыуан! Халыҡтарҙы тауға саҡырырҙар, Тейешле ҡорбандарҙы салырҙар, Диңгеҙҙең мул байлығы менән, Ҡомдағы хазина менән туйынырҙар. Ғад хаҡында әйтте: – Ғадтың ерен Киңәйткәнгә шөкөр булһын! Ғад ҡулды-башты ботарлар Арыҫландай тыныс ятыр. Ул үҙенә иң яҡшы ерҙе һайланы, Уға етәксенең өлөшө бирелде, Халыҡ башлыҡтары йыйылғас, Раббының хаҡ хөкөмөн, Исраил хаҡындағы ҡарарҙарын Еренә еткереп ул үтәне. Дан хаҡында былай тине: – Дан – Башандан һикереп сыҡҡан бала арыҫлан. Нафтали тураһында ла әйтте: – Эй Раббының рәхмәте һәм Фатихаһы менән тулы Нафтали, Көнбайышты ла, көньяҡты ла биләп ал. Ашер тураһында былай тине: – Уландарҙың араһында Иң фатихалыһы Ашер булһын, Туғандарының һөйөүен ҡаҙанһын, Аяғын зәйтүн майына батырһын! Биктәрең – тимер һәм баҡыр һинең, Ҡеүәтең ғүмерең буйы ҡаҡшамаһын. Эй Йешурун, һинең Аллаңдай юҡ! Ул Үҙенең ҡөҙрәте менән һиңә ярҙамға Болотҡа атланып күктән елә. Һыйынысың – әүәлдәрҙән булған Алла, Мәңгелек ҡулдар күтәреп йөрөтә һине. Дошманыңды алдыңдан ҡыуыр, Һиңә: «Уларҙы юҡ ит!» – тип ҡушыр. Исраил имендә йәшәй, Күктәр ысыҡҡа һуғарған Игенгә һәм шарапҡа бай ерҙә Яҡуп нәҫеле бер үҙе ғүмер итә. Эй Исраил, ниндәй бәхетле һин! Бармы һинең кеүек берәй ҡәүем? Һин Раббы ҡотҡарған халыҡ, Ул – һине һаҡлаған ҡалҡан, Ул – һинең данлы ҡылысың. Дошмандарың алдыңда баш эйә, Һин уларҙың арҡаһын тапарһың. Муса Моав тигеҙлегенән Нево тауына, Йерихо ҡаршыһындағы Писга түбәһенә күтәрелде. Раббы уға бөтә ерҙәрҙе күрһәтте: Данға тиклем һуҙылған Ғилғәдте, Шунан Раббы Мусаға: – Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа «һинең тоҡомоңа бирәсәкмен», тип ант итеп әйткән ер ошо. Уны үҙ күҙҙәрең менән күрергә мөмкинлек бирҙем, ләкин унда инмәйәсәкһең, – тине. Раббының һүҙе буйынса, Раббы ҡоло Муса шунда, Моав ерендә, вафат булды. Раббы уны Моав ерендәге Бейт-Пеғор ҡалаһы эргәһендәге үҙәндә ерләне. Бөгөнгө көнгә тиклем бер кем дә уның ҡәберенең ҡайҙа икәнен белмәй. Вафат булғанда Мусаға йөҙ егерме йәш ине, әммә уның күҙҙәренең нуры ҡайтманы, тәненең көсө кәмемәне. Исраил халҡы Моав тигеҙлегендә Муса өсөн утыҙ көн йәш түкте. Бына Муса өсөн матәм көндәре лә үтеп китте. Муса фатиха биреп, ҡулын Нун улы Йушағҡа ҡуйғанда, Йушағ төплө аҡыл менән һуғарылып, рухы нығынғайны. Исраил халҡы уға буйһондо һәм Раббы Мусаға биргән бойороҡтарҙы үтәй барҙы. Исраилда Муса кеүек, Раббы йөҙгә-йөҙ танып-белгән пәйғәмбәр башҡаса булманы. Раббы уны Мысыр иленең батшаһы фирғәүенгә, уның ҡолдарына, иленә хикмәттәр һәм мөғжизәләр эшләргә ебәргәйне. Башҡа бер пәйғәмбәр ҙә, бер ҡасан да Исраил халҡының күҙ алдында Муса кеүек шундай бөйөк һәм дәһшәтле ғәмәлдәр ҡылманы. Раббы ҡоло Муса үлгәндән һуң, Раббы уның ярҙамсыһы Нун улы Йушағҡа былай тине: – Ҡолом Муса вафат булды. Хәҙер Исраил халҡын Иордан аша Мин ошо халыҡҡа бүләк итеп бирәсәк илгә сығар. Мин аяғығыҙ баҫҡан бөтә ерҙәрҙе һеҙгә бирәм – Мусаға Мин шулай вәғәҙәләнем. Сүллектән һәм Ливан тауҙарынан Евфрат тигән бөйөк йылғаға тиклем ерҙәр (хиттиҙәрҙең бөтә илен дә индереп), көнбайыш тарафтан Бөйөк диңгеҙгә тиклем бөтә ерҙәр һеҙҙеке буласаҡ. Ғүмереңдең һуңғы көндәренә тиклем бер кем дә һиңә ҡаршы тора алмаясаҡ. Мин Муса менән бергә булдым – шуның ише һинең менән дә булырмын: һине ташлап китмәм, ҡалдырмам. Ныҡ һәм ҡыйыу бул, сөнки Мин ата-бабаларына бирергә вәғәҙә иткән был ерҙе Исраил халҡына биләмә итеп һин бирерһең. Ныҡ бул, бик ҡыйыу бул. Ҡолом Муса һиңә тапшырған ҡанунды теүәл үтә. Ошо ҡанундан уңға ла, һулға ла тайпылма – шул саҡта һиңә һәр тарафта уңыш юлдаш булыр. Был ҡанун китабының һүҙҙәре телеңдән төшмәһен. Бөтә яҙылғандарҙы теүәл үтәр өсөн көнө-төнө улар хаҡында уйлан, шул саҡта йөрөгән юлдарың һәм ҡылған ғәмәлдәрең уңышлы булыр. Мин һиңә ныҡ һәм ҡыйыу бул, тип бойорам. Ҡурҡма һәм рухыңды төшөрмә, сөнки Аллаң Раббы ҡайҙа ғына барһаң да һинең менән бергә булыр. Ә Рәүвән һәм Ғад ырыуҙарына, Менашше ырыуының яртыһына Йушағ: – Раббы ҡоло Мусаның һеҙгә бойороҡ биреп әйткән һүҙҙәре иҫегеҙҙәме? Ул һеҙгә: «Аллағыҙ Раббы һеҙгә тыныс тормош бүләк итә һәм ошо ерҙәрҙе бирҙе», – тип әйткәйне. Улар Йушағҡа былай тине: – Һин ҡушҡандың бөтәһен дә үтәрбеҙ. Һин ҡайҙа бойорһаң, шунда барырбыҙ. Һәр эштә Мусаны нисек тыңлаһаҡ, һине лә шулай тыңларбыҙ – фәҡәт Раббы, һинең Аллаң, Муса менән бергә булған һымаҡ, һинең менән бергә булһын. Нимә генә ҡушма, үтәрбеҙ, һине тыңламаған һәм бойороғоңа буйһонмаған һәр кем үлемгә дусар булыр. Бары үҙең генә ныҡ һәм ҡыйыу бул! Нун улы Йушағ йәшерен рәүештә Шиттимдән ике кешене шымсылыҡ итергә ебәрҙе. – Барығыҙ, – тине ул, – был ил һәм Йерихо ҡалаһы хаҡында белешеп ҡайтығыҙ. Улар Йерихоға юлланды, Рахав исемле фәхишә ҡатындың өйөндә ҡунырға ҡалды. Йерихо батшаһына: «Бөгөн кис бер нисә Исраил кешеһе беҙҙең ил хаҡында белешер өсөн бында килде», – тигән хәбәр еткерҙеләр. Батша Рахав янына: «Өйөңә килгән кешеләрҙе беҙҙең янға сығар. Улар беҙҙең илде күҙәтергә килгән шымсылар», – тигән бойороҡ менән үҙ кешеләрен ебәрҙе. Ләкин Рахав шымсыларҙың икәүһен дә йәшерҙе лә батша кешеләренә: – Эйе, миндә ул ирҙәр булғайны. Тик мин уларҙың ҡайҙан килгәнен белмәнем, – тип яуапланы. – Ҡараңғы төшөп, ҡала ҡапҡаһын бикләр ваҡыт еткәс, улар сығып китте. Ҡайҙа киткәндәрен белмәйем. Ҡабаланһағыҙ, бәлки, арттарынан ҡыуып етерһегеҙ. Ысынында иһә ул шымсыларҙы өй башына мендереп, етен көлтәләре аҫтына баҫырып һалып ҡуйғайны. Батша кешеләре Иордан йылғаһына табан йүнәлде һәм кисеүгә тиклем ҡыуа барҙы. Улар ҡаланан сығыу менән, ҡала ҡапҡалары бикләнде. Шымсылар йоҡларға ятырға ла өлгөрмәне, Рахав өй башына менеп, уларға: – Раббының был илде һеҙгә тапшырыуын беләм. Беҙ бөтәбеҙ ҙә һеҙҙең алда ҡалтырап төштөк, тотош ил халҡын ҡурҡыу солғап алды. Һеҙ Мысырҙан киткән саҡта, Раббы һеҙҙең юлығыҙҙа Ҡамышлы диңгеҙҙе ҡоро ергә әйләндергәнен ишеттек. Иордан йылғаһы аръяғындағы ике әмөри батшаһын – Сихон менән Ғоғты харам ҡылып юҡ иткәнегеҙҙе лә беләбеҙ. Быларҙы ишеткәс, ҡотобоҙ осто, бер кемебеҙҙең дә һеҙгә ҡаршы торорлоҡ хәле ҡалманы. Сөнки һеҙҙең Аллағыҙ Раббы – юғарыла, күктә, һәм түбәндә, ерҙә, хакимлыҡ иткән Алла бит! – тине. – Ирҙәр иһә: – Беҙҙең йәнебеҙ һеҙҙең йәнегеҙ өсөн! – тине. – Әгәр беҙҙең турала бер кемгә лә һөйләмәһәгеҙ, Раббы был ерҙе беҙгә биргәс, беҙ һеҙгә яҡшылыҡ өсөн яҡшылыҡ менән түләрбеҙ, – тип яуапланы. Шунан һуң Рахав уларға үҙ тәҙрәһенән бау буйлап төшөргә ярҙам итте, сөнки уның өйө ҡала диуарында урынлашҡайны. – Үҙегеҙҙе эҙәрләп киткән кешеләрҙе осратмаҫ өсөн, тауҙар яғына барығыҙ, – тине Рахав. – Улар өйҙәренә әйләнеп ҡайтҡансы, өс көн буйы шунда йәшеренеп тороғоҙ ҙа, шунан үҙ юлығыҙҙа булығыҙ. Ә инде арағыҙҙан берәйһе һинең өйөңдән урамға сыҡһа, үҙ үлемендә ул үҙе ғәйепле – беҙ түгел. Ләкин һинең менән булғандарҙың берәйһенә тейһәләр, – уның ҡаны өсөн беҙ ғәйепле. Әгәр ҙә һин беҙҙең турала берәйһенә һөйләй ҡалһаң, беҙ башҡаса был ант менән бәйле түгелбеҙ. – Һеҙ әйткәнсә булһын, – тине Рахав уларҙы оҙатып. Улар китеү менән тәҙрәгә ал ҡыҙыл төҫтәге бау бәйләп ҡуйҙы. Ирҙәр тауҙар яғына йүнәлде һәм, уларҙы эҙәрләп киткән кешеләр эҙләп-эҙләп тә бер кемде лә тапмай ҡайтып киткәнсе, өс көн буйы шунда йәшенеп ятты. Шунан ҡайтыр юлға сыҡтылар. Тауҙарҙан төшөп, йылғаны кистеләр ҙә Йушағ Нун улына барып, үҙҙәре менән булғанды түкмәй-сәсмәй һөйләп бирҙеләр. – Ысынлап та, Раббы был илде тотошлайы менән беҙгә тапшыра, – тине улар Йушағҡа. – Унда йәшәүселәрҙең барыһы ла беҙҙең алда ҡалтырап тора. Иртә таңдан Йушағ менән барлыҡ исраилдар Шиттимдән сығып Иордан буйына еттеләр. Бында улар, йылға аша сыҡмайынса, ҡуна ҡалды. Өс көн үткәс, етәкселәр тотош тупламды йөрөп сыҡты һәм халыҡҡа ошондай бойороҡ еткерҙе: – Леви нәҫеленән булған ҡаһиндарҙың Аллағыҙ Раббының Килешеү һандығын күтәреп алып китеүен күреү менән, улар артынан эйәрегеҙ. Ошо рәүешле һеҙ ҡайҙа барырға икәнен аңларһығыҙ – сөнки был юлдан бығаса йөрөгәнегеҙ булманы. Ләкин һеҙҙең менән Килешеү һандығы араһында ике мең терһәк ара ҡалырға тейеш, шунан яҡын килмәгеҙ. Йушағ халыҡҡа бойорҙо: – Үҙегеҙҙе изгеләндерегеҙ, сөнки Раббы иртәгә һеҙҙең алда мөғжизәләр ҡыласаҡ. Йушағ ҡаһиндарға: – Килешеү һандығын алығыҙ ҙа халыҡтың алдынан алға атлағыҙ, – тип бойорҙо. Улар Килешеү һандығын күтәрҙеләр ҙә халыҡтың алдынан атланылар. Раббы Йушағҡа: – Бөгөндән башлап Мин бөтә Исраил халҡы алдында һинең абруйыңды күтәрәм. Улар, Мин Муса менән бергә булған кеүек, һинең менән дә бергә булыуымды аңлар. Килешеү һандығын күтәреп барған ҡаһиндарға Иордан һыуына аяҡ баҫыу менән туҡтарға ҡуш, – тине. Йушағ исраилдарға бойорҙо: – Бында килегеҙ ҙә Аллағыҙ Раббы әйткәнен тыңлағыҙ. – Хәҙер һеҙ тере Алланың, ҡәнғәни, хитти, хиууи, перизи, гиргаши, әмөри һәм йевусиҙәрҙе һеҙҙең алдығыҙҙан мотлаҡ ҡыуып ебәрәсәк Алланың һеҙҙең арала икәнен күрерһегеҙ, – тип дауам итте Йушағ. – Ҡарағыҙ, бөтә ер йөҙөнөң Хужаһының Килешеү һандығы һеҙҙең алдан Иордан йылғаһына инә. Ә һеҙ үҙегеҙгә Исраил ырыуҙарынан ун ике кеше – һәр ырыуҙан берәр кеше – һайлап алығыҙ. Бөтөн ер йөҙөнөң Хужаһы Раббының һандығын күтәреп барған ҡаһиндарҙың аяҡ табаны Иордан һыуына тейеү менән, йылға икегә айырылыр ҙа үрге яҡтан ағып килгән бөтә һыу туҡтар һәм диуар булып ҡалҡыр. Халыҡ үҙ сатырҙарын йыйып, Иорданды аша сығыр өсөн юлға сыҡҡанда, Килешеү һандығын күтәргән ҡаһиндар алдан атланы. Ураҡ өҫтө ине. Иордан йылғаһы ярҙарынан сығып ташҡан. Ләкин һандыҡты күтәреп килгән ҡаһиндар, Иорданға килеп етеп, аяҡтарын һыуға тейҙереү менән, йылғаның үрге яғынан ағып килгән һыу алыҫта, Сареҫан эргәһендәге Адам ҡалаһы янында туҡталды һәм диуар булып ҡалҡты. Түбән яҡтағы Ғарава диңгеҙенә, Тоҙло диңгеҙгә, аҡҡан һыу ағып бөттө һәм йылға төбө ҡороп ҡалды. Халыҡ Йерихо ҡалаһы ҡаршыһында йылға аша аръяҡҡа сыҡты. Раббының Килешеү һандығын күтәргән ҡаһиндар, тотош Исраил халҡы ҡоро ерҙән аръяҡҡа сығып бөткәнсе, ҡороған йылғаның уртаһында баҫып торҙо. Бөтә халыҡ Иордан йылғаһы аша сығып бөткәс, Раббы Йушағҡа былай тине: – Ун ике кеше, һәр ырыуҙан берәр кеше, һайлап алығыҙ. Уларға ошонан, Иордан йылғаһының уртаһынан, ҡаһиндар торған ерҙән ун ике таш алырға ҡушығыҙ. Ошо таштарҙы бөгөн төндә ҡуна ҡаласаҡ ергә алып барһындар. Йушағ Исраил ырыуҙары араһынан, һәр ырыуҙан берәр кеше иҫәбенән, һайланған ун ике кешене саҡырып алды ла уларға былай тине: – Барығыҙ, Аллағыҙ Раббының Килешеү һандығы алдына, Иордандың уртаһына барып, һәр берегеҙ яурынына берәр таш – Исраилдың нисә ырыуы бар, шул тиклем таш һалып алып сыҡһын. Был таштар һеҙҙең өсөн бер иҫтәлекле билдә булыр. Киләсәктә балаларығыҙ: «Был таштар нимәне белдерә?» – тип һораһа, һеҙ Раббының Килешеү һандығы алдында Иордан һыуҙарының ағыуҙан туҡтап тороуын һөйләрһегеҙ. Килешеү һандығын Иордан йылғаһы аша сығарғанда, һыуҙар туҡтап ҡалды! Был таштар Исраил өсөн мәңгелек иҫтәлек булыр. Исраилдар Йушағтың бойороғон үтәне: Иордан йылғаһы уртаһынан, Раббы Йушағҡа ҡушҡанса, Исраил ырыуҙары иҫәбенсә ун ике таш алып, уларҙы ҡунырға туҡталған урынға алып барып һалды. Йушағ шулай уҡ Иордан йылғаһы уртаһында, Килешеү һандығын күтәргән ҡаһиндар торған ергә лә ун ике таш ҡуйҙы. Был таштар әле лә шунда тора. Муса Йушағҡа ҡушып ҡалдырғанса, Йушағ аша Раббы халыҡҡа бойорғандың бөтәһе лә бойомға ашҡанға тиклем, һандыҡты күтәргән ҡаһиндар Иордан йылғаһының уртаһында торҙо. Халыҡ йәһәт кенә аръяҡҡа сыҡты. Бөтәһе лә сығып бөткәс, Раббының һандығы менән ҡаһиндар сыҡты һәм яңынан халыҡ алдынан атланы. Муса ҡушҡанса, Рәүвән һәм Ғад ырыуҙары, шулай уҡ Менашше ырыуының яртыһы хәрби саф булып Исраил халҡының тәүге рәтендә барҙы. Ҡырҡ меңгә яҡын яугир, һуғышҡа әҙер булып, Раббы алдынан Йерихо тигеҙлегенә ҡарай атланы. Шул көндө Раббы Исраил халҡы алдында Йушағтың абруйын күтәрҙе. Ошонан башлап Йушағ ғүмере буйы, Муса кеүек үк, исраилдар араһында хөрмәтле булды. Раббы Йушағҡа былай тине: – Килешеү һандығын күтәреп барған ҡаһиндарға яр башына менергә ҡуш. – Яр башына менегеҙ, – тип бойорҙо Йушағ ҡаһиндарға. Раббының Килешеү һандығын күтәргән ҡаһиндар Иордандан сығып, уларҙың табаны ҡоро ергә тейеү менән, Иордан һыуҙары үҙ урынына ҡайтты һәм әүәлгесә ярҙарынан сығып аға башланы. Беренсе айҙың унынсы көнөндә исраилдар Иордан аша сығып Йерихонан көнсығышҡараҡ, Гилгал тигән урында туплам ҡорҙо. Йушағ Иордан йылғаһы төбөнән алынған ун ике ташты Гилгалда ҡалҡытып ҡуйҙы. Ул исраилдарға былай тине: – Киләсәктә балаларығыҙ: «Был таштар нимә аңлата?» – тип һораған саҡта, һеҙ уларға нисек итеп Исраил халҡының Иордан йылғаһының ҡоро төбөнән атлап сыҡҡанын һөйләрһегеҙ. Аллағыҙ Раббы, һеҙ йылғаны аша сыға алһын өсөн, алдығыҙҙа Иордандың һыуҙарын ҡоротто. Ул шулай уҡ беҙ Ҡамышлы диңгеҙен аша сыҡһын өсөн, уның төбөн дә ҡоро ер иткәйне. Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар Раббының ни тиклем ҡөҙрәтле булыуын белһен, һеҙ ҙә үҙегеҙҙең Аллағыҙ Раббынан һәр саҡ ҡурҡһын һәм ололаһын өсөн эшләнде был. Исраилдар аша сыҡһын өсөн Раббының Иордан һыуҙарын ағыуҙан туҡтатып торғанын ишетеп, Иордан йылғаһынан көнбайыштараҡ йәшәгән әмөриҙәрҙең һәм диңгеҙ буйында йәшәгән ҡәнғәниҙәрҙең батшаларының йөрәктәре алынды – бер кем дә исраилдарға ҡаршы торорға баҙнат итмәне. Шул осорҙа Раббы Йушағҡа: – Таштан үткер бысаҡтар эшлә лә Исраил улдарының хәҙерге быуынын сөннәткә ултырт, – тине. Йушағ, таштан бысаҡтар эшләтеп, Ғаралоҫ ҡалҡыулығы янында Исраил улдарын сөннәтләне. Йушағтың сөннәтләү йолаһын башҡарыуының сәбәбе шул: Мысырҙан сыҡҡанда ир ҡорона кергән бөтә хәрби хеҙмәткә яраҡлы ир-егеттәр сүл гиҙгәндә үлеп бөткәйне. Мысырҙан сыҡҡандарҙың барыһы ла сөннәтле булһа, сүл гиҙгән мәлдә тыуған балалар сөннәткә ултыртылмағайны. Мысырҙан сыҡҡан саҡта йәше буйынса хәрби хеҙмәткә яраҡлы ир-егеттәр үлеп бөткәнсе, исраилдар ҡырҡ йыл буйы сүл гиҙҙе, сөнки улар Раббы һүҙенән сыҡҡайны. Шуға күрә Раббы уларға: «Ата-бабаларығыҙға һөт менән бал ағып ятҡан ул ерҙәрҙе улдарығыҙға бирермен тип вәғәҙә иткән инем, әммә һеҙ ул ерҙәрҙе бер ҡасан да күрмәйәсәкһегеҙ», – тип ант иткән була. Вафат булғандарға алмашҡа Раббы уларҙың улдарын үҫтерҙе – Йушағ сәфәрҙә сөннәткә ултыртылмаған ана шул быуынды сөннәтле итте. Бөтә сөннәтләнгән ир-егеттәр һауыҡҡанға тиклем тупламда ҡалды. Раббы Йушағҡа: – Бөгөн мин һеҙҙән Мысырҙағы ҡоллоҡ хурлығын алып ташланым, – тине. Шул замандан бирле был урын Гилгал тип атала. Исраилдар Гилгалда туплам ҡорҙо һәм шул уҡ айҙың ун дүртенсе көнөндә, кис, Йерихо тигеҙлегендә Ҡотҡарылыу байрамын үткәрҙе. Ҡотҡарылыу байрамының иртәгәһенә улар ошо ер биргән уңышты – сөсө икмәк менән ҡурмас ауыҙ итте. Ошо ер биргән уңышты ашаған көндән башлап, майҙә башҡаса күренмәҫ булды. Бынан ары исраилдарҙың майҙәһе булманы – ул йылды халыҡ Ҡәнғән ере биргән уңыш менән туҡланды. Бер көндө Йушағ Йерихо ҡалаһы эргәһендә үҙ алдында ҡулына ҡынынан сығарылған ҡылыс тотҡан кешене күрҙе. – Беҙҙекеме һин, әллә дошманмы? – тип һораны Йушағ уның эргәһенә барып. – Һеҙҙеке лә, дошман да түгел, – тип яуапланы теге кеше. – Мин – Раббы ғәскәренең башлығымын. Бына, килдем. Йушағ уның алдына йөҙтүбән ҡапланып: – Хакимым мин ҡолона нимә әйтер? – тип һораны. – Аяҡ кейемеңде сис, – тине уға Раббы ғәскәре башлығы. – Һин баҫып торған урын мөҡәддәс. Йушағ, үҙенә нисек ҡушылған, шулай эшләне. Йерихо кешеләре, исраилдарҙан ҡурҡып, ҡала ҡапҡаларын ныҡ итеп бикләп ҡуйғайны. Ҡалаға бер кем кермәҫ, бер кем сыҡмаҫ булды. Раббы Йушағҡа былай тине: – Ҡара, Йерихоны, уның батшаһын һәм ҡеүәтле яугирҙәрен һинең ҡулыңа тапшырам. Көнөнә бер тапҡыр бөтә яугирҙәрең менән ҡаланы урап сығығыҙ. Алты көн рәттән шулай эшләгеҙ. Килешеү һандығы алдынан ете ҡаһин барһын, һәр береһенең ҡулында мөгөҙ борғо булһын. Етенсе көндө ҡаланы ете мәртәбә урап сығығыҙ, ҡаһиндар борғо ҡысҡыртып йөрөһөн. Улар борғоно оҙон-оҙаҡ итеп ҡысҡыртып ебәреү менән, бөтә халыҡ көслө итеп хәрби оран һалһын. Шул саҡта Йерихо диуарҙары емерелер һәм һеҙ туп-тура ҡалаға бәреп инерһегеҙ. Нун улы Йушағ, ҡаһиндарҙы йыйып, уларға: – Килешеү һандығын күтәреп алығыҙ. Ете ҡаһин, һәр береһе ҡулына мөгөҙ борғо тотоп, Раббының Килешеү һандығы алдынан барһын, – тине. Халыҡҡа иһә: – Барығыҙ, ҡаланы урап сығығыҙ. Ҡораллы яугирҙәр Раббының Килешеү һандығы алдынан барһын, – тине. Йушағ халыҡҡа ошондай бойороҡ биреү менән, ете ҡаһин, мөгөҙ борғо ҡысҡырта-ҡысҡырта Раббы һандығы алдынан ҡуҙғалды, Раббының Килешеү һандығы улар артынан барҙы. Борғо ҡысҡыртҡан ҡаһиндар алдынан ҡораллы яугирҙәр атланы. Килешеү һандығы артынан ҡораллы яугирҙәр барҙы. Бер туҡтауһыҙ мөгөҙ борғо ҡысҡырттылар. Йушағ халыҡты: – Мин әйтмәйенсә, һеҙ оран ҡысҡырмағыҙ, тауышығыҙҙы сығармағыҙ. Ауыҙығыҙҙан бер ауыҙ һүҙ сыҡмаһын. Бер көн килер, мин һеҙгә һөрәнләргә үҙем бойорормон – шунда инде ҡысҡырырһығыҙ, – тип алдан киҫәтеп ҡуйғайны. Раббы һандығы менән бер тапҡыр ҡаланы уратып сыҡтылар. Шунан һуң бөтә халыҡ тупламға ҡайтты һәм шунда ҡунды. Иртәгәһенә Йушағ бик иртә торҙо, ҡаһиндар йәнә Раббы һандығын күтәреп алды. Ете ҡаһин һәр береһе ҡулына мөгөҙ борғо тотоп Раббы һандығы алдынан барҙы һәм бер туҡтауһыҙ ҡысҡыртты. Улар алдынан ҡораллы яугирҙәр атланы. Раббы һандығы артынан ҡораллы яугирҙәр барҙы. Бер туҡтауһыҙ мөгөҙ борғо ҡысҡырттылар. Икенсе көндө лә улар ҡаланы бер тапҡыр урап сығып тупламға ҡайтты. Улар алты көн дауамында шулай эшләне. Етенсе көнөнә улар иртә таңдан тороп ғәҙәттәгесә ҡаланы урап сыҡты, ләкин был юлы инде ете тапҡыр. Фәҡәт ошо көндә генә улар ҡаланы ете тапҡыр ураны. Етенсе тапҡырына, ҡаһиндар борғо ҡысҡырта башлағас, Йушағ халыҡҡа былай тип бойорҙо: – Һөрәнләгеҙ! Раббы был ҡаланы һеҙгә бирҙе. Был ҡала үҙе лә, унда булған бөтә нәмә лә харам ҡылынды: ул юҡ ителергә – Раббыға бағышланырға тейеш. Беҙҙең шымсыларҙы йәшергән өсөн, фәхишә ҡатын Рахавты ғына уның өйөндәге бөтә кешеләр менән бергә иҫән ҡалдырығыҙ. Әммә һеҙ һаҡ булығыҙ, Раббыға бағышланып харам ҡылынған әйберҙәрҙең береһенә лә ҡул һонмағыҙ, уларҙы ала күрмәгеҙ. Юҡһа Исраил халҡының тупламына ҡарғыш төшөр һәм барыһын да бәлә-ҡазаға дусар итерһегеҙ. Бөтә алтын-көмөш, баҡыр һәм тимер әйберҙәр Раббыға бағышлана, улар Раббының хазинаһына килтерелһен. Борғо тауышы яңғыраны һәм халыҡ ҡысҡыра башланы. Борғо тауышын ишетеү менән халыҡ һөрәнләргә тотондо һәм ҡала диуарҙары ҡоланы. Халыҡ туп-тура ҡалаға бәреп инде һәм уны баҫып алды. Улар ҡалала булған бөтә йән эйәһен харам ҡылды – ир-атты, ҡатын-ҡыҙҙы, бала-сағаны, ҡарт-ҡороно, эре һәм ваҡ малды, ишәктәрҙе ҡылыстан үткәрҙе. Был илде ҡарап-күҙәтеп ҡайтырға ебәрелгән теге ике егеткә Йушағ былай тине: – Антығыҙҙы үтәгеҙ: теге фәхишә ҡатындың өйөнә барығыҙ ҙа бөтә туған-тыумасаһы менән уны алып сығығыҙ. Егеттәр барып Рахавты һәм уның бөтә нәҫел-нәсәбен – атаһын, әсәһен, ағай-энеһен, туғандарын – алып сыҡтылар ҙа исраилдар тупламынан ситтәрәк бер ерҙә ҡалдырҙылар. Исраилдар ҡаланы һәм унда булған бар нәмәне үртәне. Бары тик алтын-көмөштө, баҡыр һәм тимер әйберҙәрҙе Раббы йортоноң хазина һаҡлағысына алдылар. Йушағ тарафынан Йерихоны байҡап ҡайтырға ебәрелгән кешеләрҙе йәшереп ҡалдырған өсөн, Йушағ фәхишә ҡатын Рахавты һәм уның ғаиләһен һәм бөтә туғандарын иҫән ҡалдырҙы. Рахавтың нәҫел-нәсәбе әле лә исраилдар араһында йәшәй. Шул осорҙа Йушағ ант итеп былай тине: «Йерихо ҡалаһын яңынан төҙөр кеше Раббы алдында ләғнәтле булһын. Оло улының йәне хаҡына Ҡаланың нигеҙен һалыр. Кинйә улының йәне хаҡына Ҡапҡа бағаналарын ҡуйыр!» Раббы Йушағ менән бергә булды, һәм Йушағтың даны бөтә илгә таралды. Ләкин исраилдар Раббыға бағышлап харам ҡылынған әйберҙәр тураһындағы бойороҡто боҙҙо. Йәһүҙә ырыуынан Зерахтың улы Завдиҙан тыуған Кармиҙың улы Ғахан юҡ ителергә тейешле әйберҙәрҙең бер нисәһен үҙенә алды. Шуның өсөн Раббының исраилдарға ҡарата асыуы ялҡынланды. Йушағ Йерихонан Бейт-Илдең көнсығышында, Бейт-Ауенға яҡын урынлашҡан Ғай ҡалаһына кешеләрен ебәрҙе. – Барығыҙ, был ил хаҡында белешеп ҡайтығыҙ, – тип бойорҙо Йушағ уларға. Тегеләр Ғай ҡалаһын барып тикшерҙеләр. Кире ҡайтып Йушағҡа: – Тотош ғәскәр менән барыуҙың хәжәте юҡ. Ғай ҡалаһын алыр өсөн ике-өс мең кеше етә. Халыҡ унда күп түгел, бөтә ғәскәрҙе арытып йөрөтөүҙең кәрәге юҡ, – тинеләр. Һуғышҡа өс мең самаһы кеше юлланды, әммә улар Ғай халҡынан ҡасырға мәжбүр булды. Ғай халҡы исраилдарҙы ҡала ҡапҡаһынан алып таш сығара торған урынға тиклем баҫтырып килде һәм утыҙ алты кешене үлтерҙе. Бынан һуң исраилдарҙың йөрәктәре алынды, улар ҡурҡыуға ҡалды. Йушағ кейемдәрен йыртып ырғытты һәм Раббының һандығы алдында йөҙтүбән ергә ҡапланып кискә тиклем ятты. Исраил аҡһаҡалдары ла шулай эшләне, баштарына туҙан һипте. – Эй Хакимым Раббы, – тине Йушағ, – ниңә Һин был халыҡты Иордан аша сығарҙың? Беҙҙе әмөриҙәр ҡулына биреп, харап итер өсөнмө? Эй, Иордан йылғаһының аръяғында ҡалған булһаҡсы! Эй бөйөк Хакимым! Исраил халҡы дошман алдынан ҡасырға мәжбүр булғас, нимә тип әйтә алам? Был хаҡта ҡәнғәниҙәр һәм был илдә йәшәгән барса халыҡ белер ҙә, беҙҙе ҡамауға алып, исемебеҙҙе ер йөҙөнән юйып ташлар. Шул сағында Һинең бөйөк исемең менән ни булыр? – Тор, – тип бойорҙо Раббы Йушағҡа, – ниңә йөҙтүбән ҡапланып ятаһың бында? Исраилдар гонаһ ҡылды, Мин үтәргә ҡушҡан килешеүҙе боҙҙо. Улар харам ҡылынырға тейешле әйберҙәрҙе үҙҙәренә алды – урланы, алдап, йәшереп үҙ әйберҙәре араһына тығып ҡуйҙы. Бына шуға күрә лә Исраил халҡына Раббы ҡарғышы төштө һәм улар дошмандарға ҡаршы тора алманы – уларҙан ҡасырға мәжбүр булды. Раббыға бағышлап харам ҡылынған әйберҙәрҙең барыһын да юҡ итмәй тороп, Мин һеҙҙең менән булмаясаҡмын. Бар, халыҡты изгеләндер. Уларға әйт: «Иртәгәһе көнгә һеҙ изгеләнергә тейешһегеҙ, сөнки Исраил Аллаһы Раббы былай ти: „Эй исраилдар, һеҙҙә юҡ ителергә тейешле әйберҙәр бар. Уларҙан арынмайынса, һеҙ дошмандарға ҡаршы тора алмаясаҡһығыҙ“. Иртәгә иртәнсәк ырыу-ырыу булып килегеҙ. Раббы күрһәткән ырыуҙан һәр бер нәҫел килер. Раббы күрһәткән нәҫелдән ғаилә артынан ғаилә килер. Шунан Раббы күрһәткән ғаиләнән ир артынан ир килер. Әгәр берәйһендә харам ҡылынырға тейешле әйберҙәр барлығы асыҡланһа, ул кеше бөтә мал-мөлкәте менән утта яндырыласаҡ, сөнки ул Раббы менән килешеүҙе боҙған һәм Исраилды хурлыҡҡа ҡалдырған». Иртәгәһенә иртүк Йушағ исраилдарға ырыу артынан ырыу булып янына килергә ҡушты – Йәһүҙә ырыуына күрһәтелде. Ул Йәһүҙә нәҫелдәренә яҡын килергә ҡушты – Зерах нәҫеленә күрһәтелде. Зерах нәҫеленән ир-егеттәргә килергә ҡушты – Завди ғаиләһенә күрһәтелде. Уның ғаиләһенән ир-егеттәргә килергә ҡушты – Йәһүҙә ырыуынан булған Зерах улы Завдиҙан тыуған Карми улы Ғаханға күрһәтелде. – Улым! – тине Йушағ Ғаханға. – Исраил Аллаһы Раббыны данла һәм Уға маҡтау яуҙыр! Нимә эшләгәнеңде миңә һөйләп бир, бер нәмәне лә йәшермә. Ғахан Йушағҡа: – Эйе, дөрөҫ, Раббыға, Исраил Аллаһына ҡарата мин гонаһ ҡылдым, – тине. – Бына мин нимә эшләнем: яумал араһында Шинғарҙан килтерелгән зиннәтле ябынса, ике йөҙ шекеллек көмөш һәм илле шекеллек алтын киҫәге күреп ҡалдым да уларға күҙем ҡыҙҙы. Мин уларҙы үҙемә алдым. Улар бөтәһе лә сатырымда ергә күмелгән; көмөш иң аҫта ята. Йушағтың бойороғо буйынса Ғахандың сатырына йүгерҙеләр – әйберҙәр шунда йәшерелгәйне; көмөш иң аҫта ине. Улар әйберҙәрҙең бөтәһен дә сатырҙан Йушағ һәм бөтә Исраил халҡына алып килделәр ҙә уларҙы Раббы хозурында ергә һалдылар. Йушағ һәм тотош исраилдар Зерах улы Ғаханды баяғы көмөшө, ябынсаһы һәм алтын киҫәге менән, шулай уҡ улдары һәм ҡыҙҙары, эре һәм ваҡ малы, ишәктәре менән, сатыры һәм унда булған бөтә нәмәһе менән бергә Ғахор үҙәненә алып китте. – Ниңә һин беҙҙе бәләгә тарыттың? – тине уға Йушағ. – Хәҙер инде Раббы һине бәләгә тарытты. Шунан исраилдар күмәкләп Ғаханды һәм уның менән булғандарҙы таш бәреп үлтерҙе лә утта яндырҙы. Өҫтәренән бейек итеп таш өйҙөләр – был өйөм әле лә шунда. Шулай иткәндән һуң, Раббының асыуы баҫылды. Шул замандан бирле был урын Ғахор үҙәне тип атала. Раббы Йушағҡа: – Ҡурҡма ла, өркмә лә. Бөтә ғәскәрең менән Ғай ҡалаһына һөжүм ит. Мин Ғай батшаһын, уның халҡын, ҡалаһын һәм бөтә илен һинең ҡулыңа тапшырам. Йерихо һәм уның батшаһы менән нимә эшләгән булһаң, Ғай һәм уның батшаһына ла шуны ҡыл, тик ҡулға төшөргән табыш менән мал-тыуарҙы үҙеңә ал. Ғай менән йәнәш, ҡаланың артҡы яғынан боҫҡон ҡор, – тине. Йушағ бөтә ғәскәре менән Ғай ҡалаһына ҡаршы яуға сыҡты. Иң яҡшы утыҙ мең яугирен һайлап алып, уларҙы төндә түбәндәге бойороҡ менән алға ебәрҙе: – Ҡаланан алыҫ түгел, уның арт яғында боҫҡон ҡороғоҙ ҙа бөтәгеҙ ҙә әҙер тороғоҙ. Ә мин үҙем менән булғандарҙы алып, ҡалаға ҡарай йүнәләм. Уның халҡы, теге саҡтағы шикелле, беҙгә ҡаршы һуғышырға сыҡҡас, беҙ сигенә башларбыҙ. Улар, әүәлге һымаҡ, беҙ уларҙан ҡурҡып ҡасабыҙ, тип уйлап, артыбыҙҙан ҡыуа төшөр, ә беҙ уларҙы ҡаланан алыҫҡараҡ алып китербеҙ. Беҙ ҡасырбыҙ, ә һеҙ боҫҡондан сығығыҙ ҙа ҡалаға бәреп инегеҙ. Аллағыҙ Раббы уны һеҙҙең ҡулығыҙға тапшырыр. Ҡаланы баҫып алығыҙ ҙа яндырығыҙ. Барыһын да Раббы ҡушҡанса эшләгеҙ. Һеҙгә минең бойороғом шундай. Йушағ уларға ҡуҙғалырға ҡушты: улар барып Бейт-Ил менән Ғай араһында, Ғайҙан көнбайышҡараҡ боҫҡон ҡорҙо. Йушағ төндө ҡалған ғәскәр янында үткәрҙе. Ә икенсе көндө иртә таңдан, бөтә ғәскәрҙе йыйып, Исраил аҡһаҡалдары менән ғәскәр башында Ғай ҡалаһына табан китте. Йушағ етәкселегендәге яугирҙәр ҡалаға яҡынлашты ла унан төньяҡтараҡ туҡтаны. Уларҙы ҡаланан бер үҙән генә айырып тора ине. Йушағ биш меңгә яҡын яугирҙе Бейт-Ил менән Ғай араһында, ҡаланан көнбайыш тарафта боҫҡонға ҡуйҙы. Ғәскәр түбәндәгесә урынлашты: төп көстәр – ҡаланан төньяҡҡа, ә бер өлөшө көнбайышҡа ҡуйылды. Төндә Йушағ үҙәнлеккә төштө. Быны күреп, Ғай батшаһы икенсе көндө иртәнсәк ғәскәре менән Ғарава тигеҙлеге алдындағы алдан билдәләнгән урынға табан исраилдарға ҡаршы һуғышҡа ашыҡты. Әммә ул ҡаланың икенсе яғында боҫҡон ҡуйылғанын белмәй ине. Йушағ һәм бөтә исраилдар юрамал тар-мар ителгән булып ҡыланды һәм сүлгә табан ҡаса башланы. Ғайҙа йәшәүселәрҙең бөтәһен исраилдар артынан баҫтырырға саҡырҙылар һәм улар, Йушағты эҙәрләй барып, ҡаланан бик ныҡ алыҫлаштылар. Ғайҙа ла, Бейт-Илдә лә бер генә ир-егет тә ҡалманы – бөтәһе лә исраилдарҙы эҙәрләй китте. Улар, ҡаланы асыҡ ҡалдырып, исраилдар артынан ҡыуа төшкәйне. Шунда Раббы Йушағҡа: – Ҡулыңдағы һөңгөңдө Ғай яғына йүнәлт. Мин был ҡаланы һинең ҡулыңа тапшырам, – тине. Йушағ һөңгөһөн Ғай яғына йүнәлтеү менән, яугирҙәре боҫҡондан сыҡты ла ҡалаға бәреп инде. Уны ҡулға төшөрҙөләр һәм үрт һалдылар. Ғай яугирҙәре әйләнеп ҡараһа, ни күрә: ҡала өҫтөндәге төтөн күккә ашҡан. Улар ҡайҙа барыр ер тапманы, сөнки сүл буйлап ҡасып барған исраилдар, кире борола һалып, эҙәрләүселәренә ташланды. Йушағ менән исраилдар боҫҡонда ултырыусыларҙың ҡаланы баҫып алыуын, ҡала өҫтөндә төтөн күтәрелеүен күргәс, кире боролоп Ғай яугирҙәренә һөжүм итте. Исраилдарҙың ҡалалағы яугирҙәре лә Ғай һуғышсыларына ҡаршы ташланды һәм тегеләр арттан да, алдан да исраилдар араһында ҡалды. Исраил ғәскәре уларҙы ҡырып һалды: бер кем дә иҫән ҡалманы, һис кем ҡасып ҡотола алманы. Ғай батшаһын ғына иҫән ҡалдырып, Йушағ янына килтерҙеләр. Исраилдар ҡырҙарҙа һәм сүлдә – үҙҙәре ҡыуып индергән бөтә ерҙәрҙә – барлыҡ Ғай ғәскәре яугирҙәрен ҡырып бөтөргәс, улар һуңғы кешегә тиклем ҡылыстан үткәрелгәс, исраилдар ҡалаға табан боролдо һәм унда ҡалғандарҙың бөтәһен дә үлтерҙе. Ул көндө барлығы ун ике мең кеше – ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар – Ғайҙа йәшәгән бөтә кеше үлтерелде. Харам ҡылынып юҡ ителергә тейешле һәр кем – Ғайҙа йәшәгән һәммә кеше ҡырылып бөткәнсе, Йушағ ҡала яғына йүнәлтелгән һөңгөһөн төшөрмәне. Раббы Йушағҡа бойорғанса, исраилдар был ҡаланан бары тик мал-тыуарҙы һәм ҡулға төшөрөлгән яумалды ғына үҙҙәренә алды. Ә ҡаланы Йушағ үртәне – уны мәңгегә кеше аяғы баҫмаҫ емерек өйөмөнә әйләндерҙе. Ғай әле лә шул хәлендә ята. Йушағ Ғай батшаһын бағанаға аҫты. Батшаның кәүҙәһе бағанала кискә тиклем аҫылынып торҙо, ә эңерҙә Йушағ уны төшөрөргә һәм ҡала ҡапҡаһы алдына ташларға ҡушты. Өҫтөнә ҙур таш өйөмө өйҙөләр, ул әле лә шунда. Ошо ваҡиғанан һуң Йушағ Ғевал тауында Исраил Аллаһы Раббыға ҡорбан усағы ҡорҙо. Раббы ҡоло Муса Исраил халҡына әйтеп ҡалдырғанса һәм Мусаның ҡанун китабында яҙылғанса, был усаҡ эшкәртелмәгән, тимер эш ҡоралы теймәгән таштан эшләнде. Исраилдар ошо ҡорбан усағында Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны һәм татыулыҡ ҡорбаны килтерҙе. Йушағ унда, Исраил халҡының күҙ алдында, Мусаның ҡанунын ташҡа күсереп яҙҙы. Бөтә исраилдар – килмешәктәр ҙә, Исраилдың төп халҡы ла аҡһаҡалдары, етәкселәре һәм хөкөмдарҙары менән бергә – Килешеү һандығын тирә-яҡлап, Раббының Килешеү һандығын күтәреп йөрөткән Леви нәҫеленән булған ҡаһиндар алдында баҫып торҙо. Халыҡтың яртыһы Геризим тауы яғынан, яртыһы Ғевал тауы яғынан торҙо. Раббы ҡоло Муса Исраил халҡын тап ошо рәүешле фатихаларға ҡушҡайны. Шунан һуң Йушағ ҡанундың бөтә һүҙҙәрен – фатихаларҙы ла, ләғнәттәрҙе лә нәҡ ҡанун китабында яҙылғанса ҡысҡырып уҡып сыҡты. Йушағ Исраилдың бөтә йәмғиәтенә – ҡатын-ҡыҙҙы ла, бала-сағаны ла, араларында йәшәгән килмешәктәрҙе лә индереп – Муса ҡушҡандарҙың бөтәһен дә уҡыны, бер генә һүҙен дә ҡалдырманы. Был ваҡиғалар тураһында ишетеп, Иордандан көнбайыштағы таулы урындарҙа, Шефелала һәм Бөйөк диңгеҙ яры буйлап Ливанға тиклем һуҙылған ерҙәрҙә йәшәгән хитти, әмөри, ҡәнғәни, перизи, хиууи һәм йевуси батшалары Йушағҡа һәм Исраилға ҡаршы бергәләп һуғышырға һүҙ ҡуйышты. Ә Ғивғон кешеләре, Йушағтың Йерихо һәм Ғай менән нимә эшләгәнен ишетеп, хәйлә ҡорорға булды. Улар үҙҙәре менән ашамлыҡ алып юлға сыҡты: ишәктәренә туҙып бөткән тоҡтар һәм иҫкереп, тишелеп, ҡат-ҡат ямалып бөткән шарап турһыҡтары аҫып алды. Тапалып бөткән, ҡат-ҡат йүнәтелгән ҡата һәм туҙып, теткеләнеп бөткән өҫ кейеме кейҙе. Үҙҙәре менән юлға алған икмәк кибеп, күгәреп бөткәйне. Улар Йушағ янына, уның Гилгалдағы тупламына ошо рәүешле килделәр ҙә Йушағ менән исраилдарға: – Беҙ йыраҡ илдән килдек, – тинеләр. – Беҙҙең менән тыныслыҡ тураһында килешеү төҙөгөҙ. – Һеҙҙең менән нисек килешеү төҙөй алайыҡ инде? – тип яуапланы исраилдар хиууиҙәргә. – Бәлки, һеҙ беҙҙең эргәбеҙҙә йәшәйһегеҙҙер? – Беҙ һинең ҡолдарың, – тине ғивғондар Йушағҡа. – Һеҙ кем һәм ҡайҙан килдегеҙ? – тип һораны Йушағ уларҙан. Ә улар былай тине: – Беҙ, һинең ҡолдарың, бик йыраҡ илдән килдек. Аллаң Раббының шөһрәте хаҡында ишетеп килеүебеҙ. Уның Мысырҙа нимә эшләгәнен һәм Иордан йылғаһы аръяғындағы ике әмөри батшаһы – Хешбон батшаһы Сихон һәм Ғаштароҫтағы Башан батшаһы Ғоғ менән нимә ҡылғанын беләбеҙ. Шуға аҡһаҡалдарыбыҙ һәм илебеҙ кешеләре беҙгә шундай бурыс йөкмәтте: «Юлға аҙыҡ-түлек алығыҙ ҙа шул халыҡ янына барығыҙ. Уларға: „Беҙ һеҙҙең ҡолдарығыҙ, беҙҙең менән тыныслыҡ тураһында килешеү төҙөгөҙ“, – тип әйтегеҙ». Бына беҙҙең икмәгебеҙ. Өйҙә, һеҙгә килергә әҙерләнгәндә, беҙҙең юллыҡ икмәгебеҙ йылы ине әле, хәҙер кибеп, күгәреп бөткән. Бына шарап турһығы. Беҙ уларға шарап тултырғанда, улар өр-яңы ине, ә хәҙер бөтөнләй туҙып бөттө. Оҙаҡ юлдан килә торғас, өҫ һәм аяҡ кейемдәребеҙҙең дә ҡарарлығы ҡалманы. Исраилдар уларҙың юлға алған ризыҡтарын ҡаранылар, ә Раббынан һорап торманылар. Йушағ, ғивғондар менән тыныслыҡ тураһында килешеү төҙөшөп, ғүмерҙәрен һаҡлап алып ҡалырға вәғәҙә бирҙе. Исраил йәмғиәте башлыҡтары ант итте. Ә килешеү төҙөгәндән һуң өс көндән исраилдар уларҙың ошо ерҙә йәшәүсе күршеләре булыуын белде. Исраилдар юлға сыҡты һәм өсөнсө көнөнә хиууи ҡалалары Ғивғон, Кефира, Беероҫ һәм Ҡыръяҫ-Еғарим янына килеп туҡтаны. Ләкин улар был ҡалаларға һөжүм итмәне, сөнки йәмғиәт башлыҡтары Исраил Аллаһы Раббы менән уларға ант иткәйне. Уларҙың был ҡылғанына халыҡ асыулана башланы, ләкин тегеләр йәмғиәткә былай тине: – Беҙ Исраил Аллаһы Раббы менән ант иттек, хәҙер уларға тейә алмайбыҙ. Антты боҙғанға Алланың асыуы беҙгә төшмәһен өсөн, уларҙы тере ҡалдырайыҡ. Йәмғиәт башлыҡтары: «Әйҙә йәшәһендәр, әммә бөтә йәмғиәт өсөн утын ҡырҡыусы һәм һыу ташыусы булһындар», – тип ҡарар итте. Шулай итеп, башлыҡтар әйткәнсә булды. Йушағ ғивғондарҙы саҡырып былай тине: – Ниңә һеҙ беҙҙе алданығыҙ, ысынында беҙҙең эргәлә йәшәп тә, бик йыраҡ йәшәйбеҙ, тип әйттегеҙ? Шуның өсөн ҡарғыш төшһөн һеҙгә, инде Аллам йорто өсөн утын ҡырҡыусы һәм һыу ташыусы ҡол булып ҡалырһығыҙ, – тине. Улар Йушағҡа: – Беҙгә, һинең ҡолдарыңа, мәғлүм булды: Аллаң Раббы Үҙенең ҡоло Мусаға бөтә ерҙе һеҙгә биреп, унда йәшәүселәрҙең барыһын ҡылыстан үткәрергә бойорған. Беҙ үҙ ғүмеребеҙ өсөн бик ҡурҡтыҡ, шуға күрә лә шулай эшләнек, – тип яуап ҡайтарҙы. – Хәҙер беҙ һинең хөкөмөңдә, нисек яҡшы һәм дөрөҫ тип уйлайһың, шулай эшлә. Йушағ шулай эшләне: ғивғондарҙы үлтертмәне, уларҙы исраилдар ҡулынан ҡотҡарып ҡалды. Әммә уның бойороғо буйынса ғивғондар, шул көндән башлап, Исраил йәмғиәте һәм Раббы һайлаған урында ҡуйылған ҡорбан усағы өсөн утын һәм һыу ташырға тейеш булды. Улар әле лә шул эште башҡара. Йәрүсәлим батшаһы Адони-Садиҡ Йушағтың Ғайҙы баҫып алғанын, харам ҡылып уны тотош юҡ иткәнен, Йерихо һәм уның батшаһы менән нимә эшләгән булһа, Ғай һәм уның батшаһы менән дә шулай эшләгәнен, Ғивғон кешеләренең исраилдар менән тыныслыҡ тураһында килешеү төҙөгәнен һәм улар араһында йәшәгәнен ишетте. Адони-Садиҡ үҙе лә, халҡы ла ҡурҡыуға ҡалды, сөнки Ғивғон ҙур ҡала – ҡайһы бер батшалыҡтарҙың баш ҡалаһынан ҡайтыш түгел, хатта Ғайҙан ҙурыраҡ та, ә уның кешеләре – ҡыйыу яугирҙәр ине. Шуға күрә Йәрүсәлим батшаһы Адони-Садиҡ Хеврон батшаһы Һоһамға, Ярмуҫ батшаһы Пирамға, Лахиш батшаһы Яфияғҡа, Ғәғлон батшаһы Девирға сапҡындар ебәреп: «Йушағ һәм исраилдар менән тыныслыҡ тураһында килешеү төҙөшкән өсөн, килеп миңә ғивғондарҙы тар-мар итергә ярҙамлашығыҙ», – тип әйтергә ҡушты. Биш әмөри батшаһы – Йәрүсәлим, Хеврон, Ярмуҫ, Лахиш һәм Ғәғлон батшалары – бөтә ғәскәрҙәрен йыйып килделәр ҙә Ғивғондың ҡаршыһында туплам булып урынлаштылар, шунан бер булып һөжүм иттеләр. Ғивғон халҡы Гилгалда туплам булып торған Йушағҡа: «Беҙ ҡолдарыңды ҡалдырма. Ярҙамға ашыҡ, ҡотҡар беҙҙе! Был тауҙарҙа хакимлыҡ иткән әмөри батшалары күмәкләп беҙгә ҡаршы күтәрелде», – тип хәбәр ебәрҙе. Йушағ үҙенең бөтә ғәскәре, ҡыйыу яугирҙәре менән Гилгалдан сыҡты. – Уларҙан ҡурҡма, – тине уға Раббы. – Мин уларҙы һинең ҡулыңа тапшырам. Берәүһе лә һиңә ҡаршы тора алмаҫ. Йушағ, төнө буйы юлда булып, дошмандар алдына көтмәгәндә килеп сыҡты. Раббы Исраил ғәскәрҙәре алдында әмөриҙәрҙе дәһшәткә һалды. Исраилдар, дошмандарын Ғивғон эргәһендә тар-мар итеп, бөйөк еңеүгә өлгәште һәм ҡасҡандарын Бейт-Хоронға күтәрелгән юл буйлап Ғазыҡаға һәм Маҡҡыдаға еткәнсе ҡырып барҙы. Исраилдарҙан ҡотолам тип, Бейт-Хорондан төшкән юлдан Ғазыҡаға ҡасып барған әмөриҙәр өҫтөнә Раббы эре-эре таш-борсаҡтар яуҙырҙы. Күктән яуған шул борсаҡтарҙан кешеләр исраилдар ҡылысына ҡарағанда ла күберәк үлде. Раббы әмөриҙәрҙе исраилдар ҡулына тапшырған көндө Йушағ Раббыға ялбарып, бөтә Исраил халҡының күҙ алдында: – Ҡояш, Ғивғон өҫтөндә туҡтап ҡал, Ай, Айялон үҙәне өҫтөнән ҡуҙғалма, – тине. Ҡояш шып туҡтаны, ай урынынан ҡуҙғалманы – халыҡ дошмандарынан үс алғансы шулай булды. Был хаҡта «Яшар» китабында яҙылған. Ҡояш күк уртаһында туҡтаны ла көнө буйы байырға ашыҡманы. Быға тиклем дә, бынан һуң да Раббының шул ҡәҙәрле кешенең һүҙен һүҙ иткән көн булманы – Раббы Үҙе исраилдар яғында һуғышты. Шунан Йушағ һәм бөтә исраилдар Гилгалға үҙ тупламдарына әйләнеп ҡайтты. Биш әмөри батшаһы ҡасып, Маҡҡыда эргәһендәге мәмерйәгә йәшенде. Йушағҡа Маҡҡыда эргәһендәге мәмерйәлә йәшенеп ятҡан батшаларҙың табылыуы тураһында әйткәс, ул: – Мәмерйә ауыҙын ҙур таштар менән томалағыҙ ҙа һаҡсылар ҡуйығыҙ. Ләкин үҙегеҙ туҡталмағыҙ. Дошманды эҙәрләгеҙ, арттарынан һөжүм итегеҙ, ҡалаларға инергә бирмәгеҙ – Аллағыҙ Раббы уларҙы һеҙҙең ҡулға тапшырҙы, – тип бойорҙо. Йушағ һәм исраилдар әмөриҙәрҙе тулыһынса тиерлек ҡырып һалды. Уларҙың бик аҙҙары ғына нығытылған ҡалаларына ҡайтып һыйынды, Бөтә Исраил ғәскәре Маҡҡыдалағы тупламға, Йушағ янына, иҫән-аман әйләнеп ҡайтты. Бынан һуң Исраил халҡына ҡаршы һүҙ әйтергә ҡыйған кеше булманы. – Хәҙер мәмерйә ауыҙын асығыҙ, – тип бойорҙо Йушағ. – Теге биш батшаны минең эргәмә алып килегеҙ! Уның бойороғон үтәнеләр һәм мәмерйәнән уның эргәһенә биш батшаны – Йәрүсәлим, Хеврон, Ярмуҫ, Лахиш һәм Ғәғлон батшаларын алып килделәр. Был батшаларҙы алып килгәс, Йушағ бөтә исраилдарҙы йыйҙы һәм үҙе менән яуға барған һуғышсыларҙың башлыҡтарына: – Бында килегеҙ һәм аяғығыҙҙы был батшаларҙың муйындарына ҡуйығыҙ, – тип бойорҙо. Тегеләр килеп батшаларҙың муйындарына баҫты. Йушағ уларға: – Бер нәмәнән дә ҡурҡмағыҙ ҙа, өркмәгеҙ ҙә, ныҡ һәм ҡыйыу булығыҙ. Раббы һеҙҙең барлыҡ дошмандарығыҙ менән, һеҙ ҡаршы һуғышҡандар менән бына шулай итәсәк, – тине. Шунан Йушағ был батшаларҙы үлтереп, уларҙың мәйеттәрен биш бағанаға аҫып ҡуйҙы, улар кискә тиклем аҫыулы торҙо. Эңерҙә Йушағтың бойороғо буйынса мәйеттәрҙе бағананан төшөрөп, уларҙы был батшалар йәшеренгән мәмерйә эсенә ырғыттылар. Мәмерйә ауыҙын иһә ҙур-ҙур таштар менән ҡаплап ҡуйҙылар. Был таштар әле лә шунда тора. Шул уҡ көндө Йушағ Маҡҡыданы баҫып алды: ҡала халҡын һәм уның батшаһын ҡылыстан үткәрҙе, харам ҡылып, унда булған бер йән эйәһен дә тере ҡалдырманы. Йушағ Йерихо батшаһы менән ни эшләгән булһа, Маҡҡыда батшаһы менән дә шулай эшләне. Йушағ бөтә исраилдар менән бергә Маҡҡыданан Ливнаға табан ҡуҙғалды һәм уға һөжүм итте. Раббы Ливнаны батшаһы менән бергә исраилдар ҡулына тапшырҙы. Йушағ Ливна кешеләрен – ҡалала йәшәгәндәрҙең бөтәһен дә, һуңғы кешеһенә тиклем, ҡылыстан үткәрҙе. Йерихо батшаһы менән нимә эшләгән булһа, Ливна батшаһы менән дә шулай эшләне. Йушағ Ливнанан бөтә исраилдар менән бергә Лахишҡа табан ҡуҙғалды һәм, туплам ҡороп, уға һөжүм итте. Раббы Лахишты исраилдар ҡулына тапшырҙы: иртәгәһенә үк Йушағ ҡаланы баҫып алды. Ул Лахиш кешеләрен – ҡалала йәшәгәндәрҙең барыһын да – ҡылыстан үткәрҙе, Лахиш менән, Ливна менән ни эшләгән булһа, шулай эшләне. Гәзәр батшаһы Һорам Лахишҡа ярҙамға килде, ләкин Йушағ, уның үҙен һәм ғәскәрен ҡылыстан үткәреп, һуңғы кешеһенә тиклем ҡырып бөтөрҙө. Йушағ Лахиштан бөтә исраилдар менән бергә Ғәғлонға табан ҡуҙғалды һәм уны ҡамауға алды. Шул уҡ көндө улар ҡаланы баҫып алды һәм халҡын ҡылыстан үткәрҙе. Ундағы бөтә йән эйәһен харам ҡылып, Лахиштағы кеүек үк, тотош ҡырып һалдылар. Йушағ Ғәғлондан бөтә исраилдар менән бергә Хевронға ҡаршы күтәрелде һәм уға һөжүм итте. Улар ҡаланы баҫып алып, батшалары менән бергә уның бөтә халҡын, шулай уҡ бөтә тирә-яҡ ауылдарҙағы кешеләрҙе ҡылыстан үткәрҙе. Улар ҡалала йәшәгәндәрҙең бөтәһен дә, һуңғы кешеһенә тиклем, үлтерҙе. Йушағ Хевронда ла Ғәғлондағы шикелле эшләне: харам ҡылып, ҡаланы унда йәшәгәндәрҙең бөтәһе менән бергә юҡ итте. Артабан Йушағ бөтә исраилдар менән бергә Девирға табан боролдо һәм уға һөжүм итте. Батшаһы менән бергә ҡаланы, шулай уҡ тирә-яҡ ауылдарҙы баҫып алып, бөтә халҡын ҡылыстан үткәрҙе – харам ҡылып, ҡалала йәшәгәндәрҙең барыһын да, һуңғы кешеһенә тиклем, ҡырып бөттө. Йушағ Хеврон, Ливна һәм уларҙың батшалары менән ни эшләгән булһа, Девир һәм уның батшаһы менән дә шулай эшләне. Шулай итеп, Йушағ был ерҙәрҙе – таулыҡтарҙы, Негевты, Шефеланы һәм тау битләүҙәрен – яулап алды һәм, уларҙың батшаларын тар-мар итеп, унда йәшәүселәрҙе, Исраил Аллаһы Раббы ҡушҡанса, харам ҡылып, һуңғы кешеһенә тиклем ҡырып бөтөрҙө. Йушағ Ҡадеш-Барнеағтан Газаға тиклем, һәм бөтә Гошен өлкәһе буйлап, Ғивғондың иң сигенә тиклем яулап алды. Йушағ бер һелтәүҙә бөтә урындағы батшаларҙы тар-мар итте һәм уларҙың ерҙәрен баҫып алды, сөнки исраилдар өсөн Исраил Аллаһы Раббы Үҙе һуғышты. Шунан һуң Йушағ һәм бөтә исраилдар Гилгалдағы тупламдарына әйләнеп ҡайтты. Хасор батшаһы Явин, был хәлдәр тураһында ишеткәс, Мадон батшаһы Йовавҡа, Шимрон һәм Ахшаф батшаларына, төньяҡта – тауҙарҙа һәм Ғарава тигеҙлегенә, Киннереҫ күленән көньяҡта, Шефелала һәм көнбайышта – Нафоҫ-Дорҙа идара иткән батшаларға сапҡындар ебәрҙе. Ул көнсығышта һәм көнбайышта ҡәнғәниҙәргә һәм таулыҡта йәшәгән әмөриҙәргә, хиттиҙәргә, перизиҙәргә, йевусиҙәргә һәм Хермон итәгендә, Миспа ерендә йәшәгән хиууиҙәргә хәбәр күндерҙе. Бөтә был батшалар, диңгеҙ ҡомо һымаҡ күп һанлы яугирҙәре, бихисап аттары һәм яу арбалары – олоғара ғәскәре менән яуға күтәрелде. Ғәскәрҙәрен бергә туплап, исраилдар менән алышырға әҙер булып, улар Мером инеше янына туплам ҡорҙо. Раббы Йушағҡа: – Ҡурҡма уларҙан. Иртәгә, ошо сәғәткә, Мин Үҙем уларҙың барыһын да үлтерелгән килеш Исраилдың ҡулына бирәм. Һин уларҙың аттарының һеңерҙәрен ҡырҡырһың һәм яу арбаларын яндырырһың, – тине. Йушағ, үҙ ғәскәре менән көтмәгәндә Мером инеше янына килеп, дошмандарына һөжүм итте. Раббы уларҙы исраилдар ҡулына тапшырҙы. Исраилдар, дошмандарын тар-мар итеп, Бөйөк Сидонға һәм Мисрефоҫ-Майимға тиклем, көнсығыштағы Миспе үҙәненә тиклем эҙәрләне. Уларҙың береһен дә ҡалдырмай ҡырып һалды. Йушағ дошмандары менән Раббы ҡушҡанса эшләне – аттарының һеңерҙәрен ҡырҡты, яу арбаларын яндырҙы. Йушағ, кире боролоп, Хасорҙы баҫып алды һәм уның батшаһын ҡылыстан үткәрҙе. Быға тиклем Хасор тирә-яҡ батшалыҡтар араһында төп урынды алып тора ине. Исраилдар ҡалала йәшәгәндәрҙең бөтәһен дә ҡылыстан үткәрҙе, харам ҡылып, бер кемде лә иҫән ҡалдырманы. Һуңынан улар Хасорҙы яндырҙы. Раббы ҡоло Муса әмер иткәнсә, Йушағ был батшаларҙың бөтә ҡалаларын баҫып алды һәм үҙҙәрен, харам ҡылып, ҡылыстан үткәрҙе. Ләкин исраилдар Йушағ үртәгән Хасорҙан башҡа ҡалҡыу урындағы ҡалаларҙы яндырманы. Исраилдар баҫып алынған ҡалаларҙан табышты һәм мал-тыуарҙы үҙҙәренә алды, ә кешеләрҙе, береһен дә иҫән ҡалдырмай, ҡылыстан үткәрҙе. Раббы Үҙенең ҡоло Мусаға нисек бойорған булһа, Муса ла Йушағҡа шулай ҡушҡайны – Йушағ, Раббы Мусаға бойорғандарҙан һис кенә лә тайпылмайынса, барыһын да ғәмәлгә ашырҙы. Шулай итеп, Йушағ бөтә илде: таулы урындарҙы, тотош Негевты, бөтә Гошен өлкәһен, Шефеланы, Ғарава тигеҙлеген, шулай уҡ Исраил тауҙарын һәм тау итәктәрен – Сеғирға табан һуҙылған Халаҡ тауынан алып Ливан үҙәнендәге Хермон тауы итәгендә ултырған Бәғел-Ғадҡа тиклемге бөтә ерҙәрҙе баҫып алды. Йушағ был ерҙәрҙең бөтә батшаларын ҡулға төшөрҙө һәм үлемгә дусар итте. Ләкин улар менән һуғыш оҙаҡ барҙы. Ғивғонда йәшәгән хиууиҙәрҙан башҡа бер генә ҡала ла исраилдар менән тыныслыҡ тураһында килешеү төҙөмәне. Исраилдар һәр ҡаланы һуғышып алды. Раббы Үҙе был халыҡтарҙың күңелдәрен ҡатырҙы, улар Исраил менән һуғышһындар ҙа, Раббы Мусаға бойорғанса, исраилдар уларҙы харам ҡылып юҡ итһен, был халыҡтарға аяу булмаһын, улар бөтәһе лә ҡырылып бөтһөн өсөн эшләнде был. Шул заманда Йушағ барып Хевронда, Девирҙа һәм Ғанавта, Йәһүҙәнең һәм Исраилдың бөтә таулыҡтарында йәшәгән ғанаҡтарҙы тамырынан юҡ итте. Йушағ уларҙы һәм уларҙың ҡалаларын харам ҡылып, тулыһынса ҡырып һалды. Исраилдар йәшәгән ерҙәрҙә бөтә ғанаҡтар ҡырылып бөттө, улар бары тик Газала, Ғаҫта һәм Ашдодта ғына иҫән ҡалды. Раббы Мусаға әйткәнсә, Йушағ был ерҙәрҙең барыһын да яулап алды һәм Исраилдың бөтә нәҫел тармаҡтарына биләмәгә бүлеп бирҙе. Ниһайәт, һуғыш тамамланды һәм илдә тыныслыҡ урынлашты. Исраилдар Иордандан көнсығышҡа – Арнон үҙәненән Хермон тауына тиклем, Ғарава тигеҙлегенең көнсығыш өлөшөн дә индереп, йәйрәп ятҡан ерҙәрҙең батшаларын тар-мар итте һәм ул ерҙәрҙе үҙҙәренә тартып алды. Бына ул батшаларҙың исемлеге: Хешбонда йәшәгән әмөри батшаһы Сихон. Уның батшалығы Арнон үҙәне ситендәге Ғароғерҙан – үҙәндең урта бер еренән башлана һәм ғаммондарҙың сиге булған Яббоҡ йылғаһына тиклем һуҙыла, Ғилғәдтең яртыһын үҙ эсенә ала. Шулай уҡ Ғарава тигеҙлеге – Киннереҫ күленең көнсығыш ярынан Ғарава диңгеҙе – Тоҙло диңгеҙҙең көнсығыш ярына тиклем, Бейт-Йешимоҫҡа һәм көньяҡта Писга тауы итәктәренә тиклемге ерҙәргә йәйелә ине. Һуңғы рефаларҙың береһе булған Башан батшаһы Ғоғ Ғаштароҫта һәм Әдрәғиҙә хакимлыҡ итә ине. Ул Хермон тауына, Салхаға, тотош Башанға – гешуриҙар менән мағахаҫтарҙың сигенә тиклем, шулай уҡ Ғилғәдтең яртыһына, Хешбон батшаһы Сихондың сиктәренә тиклем, хужа ине. Раббы ҡоло Муса һәм исраилдар был батшаларҙы тар-мар итте. Муса уларҙың ерҙәрен Рәүвән менән Ғад ырыуҙары һәм Менашше ырыуының яртыһына биләмә итеп бирҙе. Бына был батшалар: Йерихо батшаһы, Бейт-Ил эргәһендәге Ғай ҡалаһының батшаһы, Йәрүсәлим батшаһы, Хеврон батшаһы, Ярмуҫ батшаһы, Лахиш батшаһы, Ғәғлон батшаһы, Гәзәр батшаһы, Девир батшаһы, Гәдәр батшаһы, Хорма батшаһы, Ғарад батшаһы, Ливна батшаһы, Ғадуллам батшаһы, Маҡҡыда батшаһы, Бейт-Ил батшаһы, Таппуах батшаһы, Хефәр батшаһы, Афеҡ батшаһы, Шарон тигеҙлеге батшаһы, Мадон батшаһы, Хасор батшаһы, Шимрон-Мерон батшаһы, Ахшаф батшаһы, Тағанах батшаһы, Мегиддо батшаһы, Ҡәдәш батшаһы, Кармәл янындағы Йоҡнеғам батшаһы, Нафаҫ-Дорҙағы Дор батшаһы, Галилеялағы Гоим батшаһы, Тирса батшаһы, йәмғеһе – утыҙ бер батша. Йушағ ныҡ олоғайҙы. Раббы уға: – Һин бик ҡартайҙың, ә баҫып алаһы ерҙәр күп әле, – тине. – Алынасаҡ ерҙәр бына былар: пелештиҙәр йәшәгән бөтә төбәктәр һәм гешуриҙарҙың бөтә ерҙәре; йәғни Мысыр сигендәге Шихор йылғаһынан алып төньяҡта Ғәҡрон сигенә тиклем бөтә ерҙәр. Хәҙер был ерҙәр Ҡәнғәндеке һанала. Унда биш пелешти хакимы – Газа, Ашдод, Ашҡылон, Ғаҫ һәм Ғәҡрон ҡалалары менән идара иткән ерҙәр, шулай уҡ ғаууиҙар йәшәгән көньяҡ төбәктәр; сидондарҙыҡы булған Ғара ҡалаһынан алып Афеҡҡа һәм әмөри сиктәренә тиклем ҡәнғәниҙәрҙең бөтә ерҙәре; гевалдарҙың ерҙәре, ә көнсығышта – Хермон тауы итәгендәге Бәғел-Ғадтан алып Лево-Хамаҫҡа тиклем тотош Ливан. Ливандан алып Мисрефоҫ-Майимға тиклем тауҙарҙа йәшәгәндәрҙең бөтәһен, барлыҡ сидондарҙы исраилдар алдынан Үҙем ҡыуып ебәрәм. Ерҙе йәрәбә буйынса исраилдар араһында, Мин һиңә бойорғанса, биләмә булараҡ бүл. Тотош илде туғыҙ ырыу һәм Менашше ырыуының яртыһы араһында биләмә булараҡ бүл. Менашше ырыуының икенсе яртыһына, уның менән бергә Рәүвән һәм Ғад ырыуҙарына өлөш сығарылғайны инде – Муса уларға Иордандан көнсығышҡараҡ ер биргәйне. Раббы ҡоло Муса уларға Арнон үҙәне ситендәге Ғароғерҙан алып, үҙәнлек уртаһындағы ҡала менән Дивонға тиклем бөтә Медева яҫы таулығын; Хешбон ҡалаһында идара иткән әмөри батшаһы Сихондың бөтә ҡалаларын – ғаммондар иленә тиклем; Ғилғәдте, гешуриҙар менән мағахаҫтарҙың ерҙәрен, бөтә Хермон тауын һәм Салхаға еткәнсе тотош Башанды; Ғаштароҫта һәм Әдрәғиҙә идара иткән һәм һуңғы рефаларҙың береһе булған Башан батшаһы Ғоғтың бөтә ерҙәрен бирҙе. Муса был батшаларҙы еңеп, уларҙың ерҙәренә эйә булғайны. Ләкин исраилдар гешуриҙар менән мағахаҫтарҙың ерҙәрен баҫып алманы – улар әле лә исраилдар араһында йәшәй. Муса бары тик Леви ырыуына ғына биләмә бирмәне. Уларҙың өлөшө – Мусаға Раббы әйткәнсә – Исраил Аллаһы Раббыға бағышлап килтерелгән ут ҡорбандары. Муса Рәүвән ырыуына уның нәҫелдәре буйынса бүлеп биргән ерҙәр Арнон үҙәне ситендәге Ғароғерҙан башлап, үҙәнлек уртаһындағы ҡаланы ла индереп, Медеваға еткәнсе йәйрәп ятҡан яҫы таулыҡ, Хешбон һәм уның менән йәнәш яҫы таулыҡтағы бөтә ҡалалар – Дивон, Бамоҫ-Бәғел, Бейт-Бәғел-Меғон, Яһас, Ҡедемоҫ, Мефағаҫ, Ҡиръяҫаим, Сивма, үҙән уртаһындағы убала ултырған Сереҫ-Шахар, Бейт-Пеғор, Писга тауы итәктәре һәм Бейт-Йешимоҫ, йәғни яҫы таулыҡтағы бөтә ҡалалар һәм Хешбонда идара иткән әмөри батшаһы Сихондың бөтә ерҙәре. Муса уның үҙен дә, уның ҡул аҫтында ошо илдә йәшәгән Мидйән башлыҡтары Әүи, Рәҡәм, Сур, Хур һәм Рәвағты ла еңгәйне. Башҡалар менән бер рәттән исраилдар Беғорҙың күрәҙәсе улы Билғамды ла ҡылыстан үткәргәйне. Рәүвән ырыуы биләмәләренең сиге Иордан йылғаһы буйлап үтә. Был – Рәүвән улдары нәҫелдәренең өлөшөн тәшкил иткән ҡалалар һәм ауылдар. Муса Ғад ырыуына уның нәҫелдәре буйынса бүлеп биргән ерҙәр. Был Яғзер, Ғилғәдтең бөтә ҡалалары, Рабба эргәһендәге Ғароғерға тиклем һуҙылған ғаммондар иленең яртыһы – Хешбондан Рамаҫ-Миспегә һәм Бетонимға, Маханаимдан Ло-Деварға тиклемге ерҙәр, үҙәндә – Бейт-Харам, Бейт-Нимра, Суккоҫ һәм Сафон, йәғни Хешбон батшаһы Сихондың ҡалған бөтә батшалығы – Киннереҫ күленә тиклем Иордандан көнсығыштағы ерҙәр. Был – Ғад улдарына нәҫелдәренә күрә бүлеп бирелгән ҡалалар һәм ауылдар. Муса Менашше ырыуының бер яртыһына, йәғни Менашше улдарының яртыһына нәҫелдәренә күрә бүлеп биргән ерҙәр. Был ерҙәр Маханаимдан башлап, Башан батшаһы Ғоғтың бөтә батшалығын, Башан ерендә Яир ауылдары тип йөрөтөлгән алтмыш ҡаланы, Ғилғәдтең яртыһын, шулай уҡ Ғоғ идара иткән Башан ҡалалары Ғаштароҫ һәм Әдрәғиҙе үҙ эсенә ала. Былар бөтәһе лә Менашше улы Махир улдарының яртыһына нәҫелдәренә күрә бирелде. Муса Моав тигеҙлегендә, Йерихонан көнсығышта Иордан аръяғындағы ерҙәрҙе бына шулай бүлде. Ә Леви ырыуына ул бер ниндәй ҙә биләмә бирмәне. Уларҙың биләмәһе, Раббы уларға әйтеп ҡалдырғанса, Исраил Аллаһы Раббы Үҙе. Ҡәнғәндә исраилдарға бирелгән ер биләмәләре бына ошолар. Ҡаһин Әлғазар, Нун улы Йушағ һәм Исраил ырыуҙарының нәҫел башлыҡтары был ер бүлемдәрен, йәрәбә буйынса, Раббы Муса аша ҡушҡанса, Исраилдың туғыҙ ярым ырыуына бүлде. Сөнки ике ярым ырыуға Муса биләмә ерҙәрен Иордан аръяғынан биргәйне инде. Әммә башҡалар менән бер рәттән левиҙәргә ерҙән өлөш сығарылманы. Йософ нәҫеле ике ырыу – Менашше һәм Әфраим ырыуына бүленгәйне. Левиҙәргә ер бирмәнеләр – бары төпләнеп йәшәү өсөн ҡалалар һәм мал-тыуар өсөн шулар тирәһендә көтөүлектәр генә бирелде. Исраилдар Раббы Мусаға ҡушҡанса эшләнеләр һәм ерҙе үҙ-ара бүлештеләр. Бер мәлде Йәһүҙә ырыуы кешеләре Йушағ янына Гилгалға килделәр. Ҡынизи Йефунне улы Калев уға: – Ҡадеш-Барнеағта Алла бәндәһе Мусаға Раббының һинең менән минең хаҡта нимә әйткәнен хәтерләйһеңме? Раббы ҡоло Муса мине Ҡадеш-Барнеағтан ошо ерҙәрҙе ҡарап ҡайтырға ебәргәндә, миңә ҡырҡ йәш ине. Ҡайтҡас, мин уға дөрөҫөн һөйләп бирҙем. Минең менән бергә барған бүтән исраилдар кешеләрҙе үҙ һүҙҙәре менән ҡурҡытты, ә мин Аллам Раббыға бөтөн йөрәктән тоғро булдым. Шунда Муса ант итеп миңә: «Аяғың баҫҡан ер, Аллам Раббыға бөтөн йөрәктән тоғро булғаның өсөн, мәңгелек биләмә итеп һиңә һәм һинең нәҫел-нәсәбеңә биреләсәк», – тине. Һәм бына, Раббы вәғәҙә иткәнсә, бөгөнгө көнгәсә йәшәргә насип итте. Ул быны Мусаға вәғәҙә иткәнгә ҡырҡ биш йыл булды – ул саҡта исраилдар сүлдә йөрөй ине. Әле миңә һикһән биш йәш. Ләкин мин әле лә, Муса мине күҙәтеп-байҡап килергә ебәргән саҡтағы шикелле, ныҡмын. Мин әле лә шулай уҡ көслөмөн, һуғыш-яуҙарға әҙермен. Шуға күрә лә теге саҡта Раббы әйткән таулы өлкәне һин миңә бир. Ул көндө ғанаҡтарҙың унда йәшәгәнен, нығытылған ҙур ҡалалары барлығын һин үҙең ишеткәйнең. Ләкин Раббы минең яҡлы булһа, мин ул ерҙе баҫып алырмын, – тине. Йушағ Йефунне улы Калевты фатихаланы һәм Хевронды уға биләмә итеп бирҙе. Хеврон әле лә ҡынизи Йефунне улы Калевтың ере булып ҡала – сөнки Калев Исраил Аллаһы Раббыға бөтөн йөрәктән тоғро булды. Әүәл Хеврон Ҡыръяҫ-Арбағ тип аталған: Арбағ ғанаҡтарҙың иң атаҡлы кешеһе булған. Шулай итеп, һуғыш тамамланды һәм илдә тыныслыҡ урынлашты. Нәҫелдәренә күрә Йәһүҙә ырыуына йәрәбә буйынса иң көньяҡтан Эдом ерҙәренә һәм Цин сүленә терәлеп ятҡан өлөш эләкте. Уларҙың көньяҡ сиге Тоҙло диңгеҙҙең көньяҡ осондағы ҡултыҡтан башланып, Ғаҡраббим тарлауығының көньяғынан уҙа ла Цин сүленә табан һуҙыла һәм Ҡадеш-Барнеағ ҡалаһының көньяғына күтәрелә. Артабан сик Хесронды үтеп, Аддарға табан менә, Ҡарҡағҡа табан борола ла, Ғасмон аша үтеп, Мысыр сигендәге йылға буйлап барып диңгеҙгә терәлә. Был – һеҙҙең көньяҡ сигегеҙ. Көнсығыш сигегеҙ – Тоҙло диңгеҙ, Иордан йылғаһы тамағына тиклем. Төньяҡ сик Тоҙло диңгеҙ ҡултығынан – Иордан йылғаһы тамағынан башланып, Бейт-Хоглаға табан күтәрелә, Бейт-Ғараванан төньяҡҡараҡ үтеп, өҫкә, Рәүвән улыныҡы булған Боһан ҡаяһына менә. Артабан Ғахор үҙәненән Девирға менә лә, төньяҡҡа, уянан көньяҡҡа үтеүсе Адуммим артылышы ҡаршыһындағы Гилгалға табан борола, шунан Шәмәш инешенә табан килеп, Рогел инешенә барып етә. Артабан сик Бен-Һинном үҙәне буйлап күтәрелә лә Йевустың, йәғни Йәрүсәлимдең көньяҡ битләүенән үтеп, Һинном үҙәненең көнбайышында һәм Рефалар үҙәненән төньяҡтараҡ ятҡан тауҙың башына күтәрелә. Тау башынан сик һыҙығы Нәфтоах сығанағына табан борола ла, Ғәфрон тауындағы ҡалаларға етеп Бағала, йәғни Ҡыръяҫ-Еғарим яғына китә. Бағаланан сик көнбайышҡа, Сеғир тауы яғына, борола, Еғарим, йәғни Кесалон тауының төньяҡ битләүенән үтеп, Бейт-Шәмәш эргәһенә төшә, Тимна янынан үтеп, Ғәҡрон ҡалаһы урынлашҡан тауҙың төньяҡ битләүе буйлап барғас, Шиккерон яғына борола, Бағала тауын үтеп, Явнеил ҡалаһына килеп сыға һәм диңгеҙгә барып терәлә. Көнбайыш сик Бөйөк диңгеҙ яры буйлап уҙа. Был – нәҫелдәренә күрә Йәһүҙә улдарына бирелгән ерҙәрҙең сиге. Йефунне улы Калевҡа Йәһүҙә нәҫел-нәсәбе еренән өлөш бүлеп бирелде – Раббы Йушағҡа шулай ҡушҡайны. Был Ҡыръяҫ-Арбағ, йәғни Хеврон ҡалаһы, Ғанаҡтың атаһы Арбағтың ҡалаһы ине. Калев был ҡаланан Ғанаҡ нәҫеленән өс кешене – Шешайҙы, Ахиманды һәм Талмайҙы ҡыуып сығарҙы. Шунан Калев, Девир ҡалаһында йәшәүселәргә һөжүм итер өсөн, юлға сыҡты. Девирҙың элекке исеме Ҡыръяҫ-Сәфәр ине. Шунда Калев: – Ҡыръяҫ-Сәфәрҙә еңеү яулап, ҡаланы ҡулға төшөргән кешегә ҡыҙым Ғахсаны кәләш итеп бирәм, – тине. Ҡаланы Калевтың туғаны Ҡыназдың улы Ғоҫниил алды, шуға ла Калев уға ҡыҙы Ғахсаны кәләш итеп бирҙе. Ғоҫниилға кейәүгә сыҡҡас, Ғахса ирен атаһы Калевтан бер баҫыу һорарға өгөтләне. Ҡыҙы ишәк өҫтөнән төшөүгә атаһы: – Нимә теләйһең? – тип һораны. – Миңә фатихаңды күндерһәңсе, – тине Ғахса. – Һин миңә Негевта ер бирҙең, хәҙер инде һыу сығанаҡтары ла бирһәң ине. Калев уға шул ерҙәге үрге һәм түбәнге һыу сығанаҡтарын бирҙе. Бына нәҫелдәренә күрә Йәһүҙә ырыуының биләмә ерҙәре: Негевта, Эдом сигендә Йәһүҙә ырыуына түбәндәге ҡала-ауылдар ҡарай: Ҡавсеил, Ғедәр, Ягур, Ҡина, Димона, Ғадғада, Ҡәдәш, Хасор, Йиҫнан, Зиф, Тәләм, Беғалоҫ, Хасор-Хадатта, Ҡирйоҫ-Хесрон, йәғни Хасор, Амам, Шемағ, Молада, Хасар-Гадда, Хешмон, Бейт-Пәләт, Хасар-Шуғал, Беер-Шәвәғ, Бизйоҫъяһ, Бағала, Ғийим, Ғесәм, Әлҫолад, Кесил, Хорма, Сиҡлағ, Мадманна, Сансанна, Леваоҫ, Шилхим, Ғайн һәм Риммон – тирә-яҡтағы ауылдары менән егерме туғыҙ ҡала. Шефелала: Әштәол, Сорға, Ашна, Заноах, Ғейн-Ганним, Таппуах, Ғенам, Ярмуҫ, Ғадуллам, Сохо, Ғазыҡа, Шағараим, Ғадиҫаим, Ғәдәрә һәм Гедеротаим – тирә-яҡтағы ауылдары менән ун дүрт ҡала. Сенан, Хадаша, Мигдал-Ғад, Дилған, Миспе, Йоҡтеил, Лахиш, Босҡаҫ, Ғәғлон, Каббон, Лахмас, Китлиш, Гедероҫ, Бейт-Дагон, Нағама һәм Маҡҡыда – тирә-яҡтағы ауылдары менән ун алты ҡала. Ливна, Ғәҫәр, Ғашан, Ифтах, Ашна, Несив, Ҡығила, Ахзив һәм Мареша – тирә-яҡтағы ауылдары менән туғыҙ ҡала. Эргә-тирәһендәге ауылдар менән Ғәҡрон; Ғәҡрон менән диңгеҙ араһында, Ашдод янындағы ҡалалар һәм улар тирәһендәге ауылдар; эргә-тирәһендәге ауылдар менән бергә Ашдод һәм Газа Мысыр сигендәге йылғаға һәм Бөйөк диңгеҙ ярына тиклем. Таулыҡ урындарҙа: Шамир, Яттир, Сохо, Данна, Ҡыръяҫ-Санна, йәғни Девир, Ғанав, Әштемо, Ғаним, Гошен, Холон и Гило – тирә-яҡтағы ауылдары менән ун бер ҡала. Арав, Дума, Эшған, Янум, Бейт-Таппуах, Афеҡа, Хумта, Ҡыръяҫ-Арбағ, йәғни Хеврон, һәм Сиғор – тирә-яҡтағы ауылдары менән туғыҙ ҡала. Мағон, Кармәл, Зиф, Ютта, Изреғил, Йоҡдеғам, Заноах, Ҡайин, Гивға һәм Тимна – тирә-яҡтағы ауылдары менән ун ҡала. Халхул, Бейт-Сур, Гедор, Мағараҫ, Бейт-Ғаноҫ һәм Әлтеҡон – тирә-яҡтағы ауылдары менән алты ҡала. Ҡыръяҫ-Бәғел, йәғни Ҡыръяҫ-Еғарим, һәм Рабба – тирә-яҡтағы ауылдары менән ике ҡала. Сүллектә: Бейт-Ғарава, Миддин, Сехаха, Нившан, Тоҙ ҡалаһы һәм Ғейн-Геди – тирә-яҡтағы ауылдары менән алты ҡала. Йәһүҙә нәҫелдәре Йәрүсәлимдән йевусиҙәрҙе ҡыуып сығара алманы. Йевусиҙәр әле лә Йәрүсәлимдә Йәһүҙә тоҡомо менән бергә йәшәй. Йософ нәҫелдәренә йәрәбәгә төшкән ерҙәрҙең сиге Иордан буйынан – Йерихо ҡалаһы эргәһендәге Йерихо сығанағынан көнсығыштараҡ башланып, сүл аша Бейт-Ил ҡалаһына табан, тауға үрләй. Бейт-Илдән – Лузға, артабан аркиҙар йәшәгән Ғатароҫҡа йүнәлә, унан һуң көнбайышҡа яфлетиҙәр еренә, Түбәнге Бейт-Хоронға һәм Гәзәргә тиклем төшә лә диңгеҙгә барып терәлә. Йософ нәҫелдәре – Менашше һәм Әфраим ырыуҙары – ана шул ерҙәрҙе биләмә итеп алды. Әфраим ырыуына нәҫелдәренә күрә эләккән ер биләмәләре бына ошо: сик һыҙығы көнсығышта Ғатароҫ-Аддарҙан башлана һәм, Үрге Бейт-Хоронға етеп, диңгеҙгә табан китә. Төньяҡта Михмеҫаҫтан көнсығышҡа һуҙыла ла Танааҫ-Шилоға борола, артабан көнсығышҡа, Яноахҡа табан йүнәлә; Яноахтан Ғатароҫҡа һәм Нағараға төшә, Йерихоға яҡынлай һәм Иордан йылғаһына барып етә. Таппуахтан сик Ҡана йылғаһы буйлап көнбайышҡа һуҙыла һәм диңгеҙгә барып етә. Нәҫелдәренә күрә Әфраим ырыуының биләмә ерҙәре ошо. Менашше улдарының ер биләмәләренән Әфраим улдарына әйләнә-тирәләге ауылдар менән бергә ҡалалар ҙа бүлеп бирелде. Әммә Әфраим ырыуы Гәзәрҙән ҡәнғәниҙәрҙе ҡыуып сығара алманы. Ҡәнғәниҙәр, мәжбүри хеҙмәт башҡарып, әфраимдар араһында әлеге көнгә тиклем йәшәй. Йософтоң баш балаһы Менашше ырыуына ла йәрәбә буйынса ер бүленде. Менашшеның баш балаһы, Ғилғәдтең атаһы, ысын яугир Махирҙың нәҫелдәренә Ғилғәд һәм Башан ерҙәре эләкте. Менашше ырыуындағы башҡа нәҫелдәргә – Авиғәзәр, Хеләҡ, Асриил, Шәхәм, Хефәр һәм Шемидағ улдарына ла биләмә ерҙәре бүлеп бирелде. Былар – Йософ улы Менашшеның вариҫтары, уларҙан таралған нәҫелдәр. Менашшеның улы Махирҙан тыуған Ғилғәдтең улы Хефәрҙән тыуған Селофхадтың улдары юҡ, ә ҡыҙҙары ғына бар ине. Уларҙың исемдәре Махла, Ноға, Хогла, Милка һәм Тирса ине. Ул ҡыҙҙар ҡаһин Әлғазар, Нун улы Йушағ һәм башлыҡтар янына килеп: – Раббы Мусаға ағай-энеләребеҙ менән бер ҡатарҙан беҙгә лә биләмәгә ер бирергә ҡушҡан, – тинеләр. Шулай итеп, Йушағ, Раббы бойороғона ярашлы, уларға аталарының ағай-энеләре менән бер рәттән биләмәгә ер бүлеп бирҙе. Шул рәүешле Менашше ырыуына, Иордан аръяғындағы Ғилғәд менән Башандан тыш, ун биләмә эләкте, сөнки Менашше ырыуынан теге ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәр менән бер ҡатарҙан биләмә алды. Ә Ғилғәд ере Менашшеның башҡа нәҫелдәренә булды. Менашше ере Ашер ырыуы ерҙәренән Шәхәмгә ҡаршы ятҡан Михмеҫаҫҡа тиклем һуҙыла. Унан сик көньяҡҡа, Ғейн-Таппуахҡа китә. Таппуах ере – Менашшеныҡы, ләкин Менашше биләмәләре сигендә ятҡан Таппуах үҙе Әфраим нәҫелдәренә ҡарай. Артабан сик Ҡана йылғаһы буйлап түбән китә. Йылғаның көньяғында, Менашше ырыуының ҡалалары араһында, Әфраим ырыуыныҡылар ҙа бар ине. Шунан сик һыҙығы, йылғанан төньяҡҡа үтеп, диңгеҙ ярына етеп тамамлана. Йылғаның көньяғындағы ерҙәр – әфраимдарҙыҡы, төньяҡтағыһы – менашшеларҙыҡы, артабан Менашшеның сиге – диңгеҙ. Төньяҡта улар Ашер менән, көнсығышта Исасхар менән сикләшә. Исасхар менән Ашер ерҙәрендә Менашшеға улар тирәһендәге ауылдары менән бергә Бейт-Шеан, Йивлеғам; улар тирәһендәге ауылдары менән бергә Дор, Ғейн-Дор, Тағанах һәм Мегиддола йәшәүселәр бирелде. Улар өс ҡалҡыулыҡты тәшкил итә ине. Ләкин Менашше ырыуы был ҡалаларҙы баҫып ала алманы һәм ҡәнғәниҙәр шул ерҙә йәшәп ҡалды. Аҙағыраҡ, исраилдар ҡеүәтләнгәс, ҡәнғәниҙәрҙе хеҙмәт бурысы үтәргә мәжбүр итте, ләкин уларҙы ерҙәренән тулыһынса ҡыуып сығара алманы. Йософ нәҫелдәре Йушағҡа: – Ниңә һин беҙгә биләмәгә бер генә өлөш ер, бер генә өлкә бирҙең? Беҙ бит Раббы фатихаһы менән ишәйгән күп һанлы халыҡ, – тине. Йушағ: – Әгәр һеҙ күп икәнһегеҙ һәм һеҙгә Әфраим тауҙары етерлек түгел икән, перизиҙәр һәм рефалар еренә барығыҙ ҙа, урманды төпләп, үҙегеҙгә ер таҙартып алығыҙ, – тип яуапланы. Йософ нәҫелдәре: – Беҙгә был тауҙар аҙ. Ә үҙәнлектә – Бейт-Шеанда һәм уның тирә-яғындағы ауылдарҙа, Изреғил үҙәнендә йәшәүсе ҡәнғәниҙәрҙең яу арбалары тимерҙән бит, – тине. Йушағ Йософ нәҫеленә – Әфраим һәм Менашше ырыуҙарына: – Һеҙ күмәк. Һеҙ көслө. Һеҙҙең биләмә ерҙәрегеҙ бер өлөш кенә булмаҫҡа тейеш, – тип яуап ҡайтарҙы. – Бөтә урманлы таулыҡ һеҙҙеке булһын. Һеҙ урманды ҡырҡып ташларһығыҙ, һәм тауҙар бер яғынан икенсе яғынаса һеҙҙеке булыр. Ҡәнғәниҙәр көслө, уларҙың тимер яу арбалары бар – шулай ҙа һеҙ уларҙың ерҙәрен баҫып алырһығыҙ! Ерҙәрҙе тулыһынса яулап алғандан һуң, Исраил йәмғиәте Шилола йыйылып, Осрашыу сатыры ҡорҙо. Әммә Исраилдың ете ырыуы һаман биләмәгә ер алмағайны әле. Йушағ исраилдарға: – Тағы оҙаҡ мыштырларһығыҙмы? Атайҙарығыҙҙың Аллаһы Раббы биргән ерҙе ниңә һаман биләмәгә алмайһығыҙ? – тине. – Һәр ырыуҙан өсәр кеше һайлап алығыҙ ҙа мин уларҙы илде тотош йөрөп сығырға ебәрермен. Ерҙе өлөштәргә бүлерлек итеп, уның һүрәтләнешен эшләһендәр ҙә минең яныма әйләнеп ҡайтһындар. Улар илде ете өлөшкә бүлергә тейеш. Йәһүҙә тоҡомонда – көньяҡтағы ерҙәре, Йософ тоҡомонда төньяҡтағы ерҙәре ҡала. Ә һеҙ ҡалған ерҙе ете өлөшкә бүлеп һүрәтләгеҙ. Был һүрәтләнеште миңә килтереп бирерһегеҙ, һәм ошонда, Аллабыҙ Раббы хозурында, мин һеҙҙең өсөн йәрәбә һалырмын. Әммә арағыҙҙа левиҙәр биләмә алмаҫ, сөнки уларҙың өлөшө – Раббыға ҡаһин булып хеҙмәт итеү. Ә Ғад, Рәүвән ырыуҙары һәм Менашше ырыуының яртыһы Раббы ҡоло Мусанан Иордан йылғаһының көнсығышына табан ерҙәр алғайны инде. Һайлап алынған кешеләр юлға сыҡҡанда, Йушағ уларға был илдең һүрәтләнешен эшләргә ҡушты. – Барығыҙ, – тине Йушағ уларға, – илде уратып йөрөп сығығыҙ, уның һүрәтләнешен эшләгеҙ һәм минең янға әйләнеп ҡайтығыҙ. Шунан мин ошонда, Шилола, Раббы алдында һеҙҙең өсөн йәрәбә һалырмын. Улар илде йөрөп сыҡтылар һәм, ҡалаларына күрә уны ете өлөшкә бүлеп, һыҙмаһын яһанылар. Шунан улар Шилоға, Йушағ янына тупламға әйләнеп ҡайттылар. Унда, Шилола, Раббы хозурында, Йушағ йәрәбә һалды һәм илде Исраил ырыуҙары араһында бүлде. Тәүге йәрәбә нәҫелдәренә күрә Бинйәмин ырыуына төштө. Уларға бүленгән ер Йәһүҙә менән Йософ улдары биләмәләре араһына тура килде. Уның төньяҡ сиге Иордан буйынан башлана, төньяҡ битләүҙән Йерихоны уҙа ла көнбайышҡа, тауҙарға күтәрелә, Бейт-Ауен сүленә табан китә. Артабан сик Лузға табан барып, Луздың, йәғни Бейт-Илдең көньяғынан битләүгә бара һәм Ғатароҫ-Аддарға, Түбәнге Бейт-Хорондан көньяҡтараҡ ятҡан тауға ҡарай төшә. Унда сик, Бейт-Хорондан көньяҡтараҡ ятҡан тауҙан һуң ер бүлеменең көнбайыш ситен урап үтеп, көньяҡҡа борола, Йәһүҙә ырыуыныҡы булған Ҡыръяҫ-Бәғел, йәғни Ҡыръяҫ-Еғарим ҡалаһында тамамлана. Был – көнбайыш сик. Көньяҡтағы сик Ҡыръяҫ-Еғарим эргәһенән башлана. Ул көнбайыштан Нәфтоах сығанағына табан һуҙыла. Һуңынан Бен-Һинном үҙәне менән йәнәш, Рефалар үҙәненән төньяҡтараҡ ятҡан тау итәгенә табан төшә лә, йевусиҙәр биләмәһенең көньяҡ битләүенән Һинном үҙәне буйлап аҫҡа китә һәм Рогел инешенә табан һөҙәкләй. Артабан сик төньяҡҡа, Шәмәш инешенә табан борола, Адуммим артылышы янындағы Гелилоҫҡа табан барып, Рәүвән улының Боһан ҡаяһына ҡарай төшә. Унан сик Бейт-Ғарава ҡаршыһындағы төньяҡ битләү буйлап үтә һәм Ғарава тигеҙлегенә төшә, Бейт-Хогланың төньяҡ битләүенән бара һәм Тоҙло диңгеҙҙең төньяҡ осона, Иордан йылғаһы тамағына барып сыға. Был – көньяҡ сик. Көнсығыш сиге – Иордан йылғаһы. Нәҫелдәренә күрә Бинйәмин ырыуының биләмә ерҙәрен уратып алған сиктәр ошо. Түбәндәге ҡалалар нәҫелдәренә күрә Бинйәмин ырыуына ҡарай: Йерихо, Бейт-Хогла, Ғемәҡ-Ҡесис, Бейт-Ғарава, Семараим, Бейт-Ил, Ғаууим, Пара, Ғофра, Кефар-Ғаммони, Ғофни һәм Гевағ. Йәмғеһе – ун ике ҡала һәм улар тирәһендәге ауылдар. Ғивғон, Рама, Беероҫ, Миспе, Кефира, Моса, Рәҡәм, Ирпеил, Тарала, Селағ, Әләф, Йевус, йәғни Йәрүсәлим, Гивға һәм Ҡыръяҫ-Еғарим – тирә-яҡтағы ауылдары менән йәмғеһе ун дүрт ҡала. Нәҫелдәренә күрә Бинйәмин ырыуының биләмә ерҙәре шул. Икенсе йәрәбә Шимғонға – нәҫелдәренә күрә Шимғон ырыуына төштө. Уларҙың биләмә ерҙәре Йәһүҙә улдарына ҡараған биләмә ерҙәре эсендә урынлашҡайны. Уға түбәндәге ауыл-ҡалалар инә: Беер-Шәвәғ, Шемағ, Молада, Хасар-Шуғал, Бала, Ғесәм, Әлҫолад, Беҫул, Хорма, Сиҡлағ, Бейт-Маркавоҫ, Хасар-Суса, Бейт-Леваоҫ һәм Шарухен – ауылдары менән бергә бөтәһе ун өс ҡала. Ғайн, Риммон, Ғәҫәр һәм Ғашан – ауылдары менән бергә бөтәһе дүрт ҡала, шулай уҡ Бағалаҫ-Беерға, йәғни Негевтағы Рамаҫҡа тиклемге әлеге ҡалалар тирәһендәге бөтә ауылдар. Нәҫелдәренә күрә Шимғон ырыуының биләмә ерҙәре ана шулар. Шимғон улдарының биләмә ерҙәре Йәһүҙә улдарының өлөшөнән булды, сөнки Йәһүҙә нәҫелдәренең өлөшө улар өсөн кәрәгенән артығыраҡ ине. Шуға күрә Шимғон нәҫелдәре уларҙың ерҙәренән биләмәләр алды. Өсөнсө йәрәбә нәҫелдәренә күрә Зевулун улдарына төштө. Уларҙың биләмәләре Саридҡа тиклем һуҙыла. Саридтан сик көнбайышҡа, Марғалаға табан һуҙыла һәм Даббешеҫҡа, шулай уҡ Йоҡнеғамға ҡаршы ятҡан уйһыулыҡҡа барып етә. Саридтан ул көнсығышҡа йүнәлә, Кислоҫ-Таворҙы ситтә ҡалдырып, Давраҫҡа табан бара, шунан Яфияғҡа күтәрелә. Унан сик артабан көнсығышҡа, Ғаҫ-Хефәргә һәм Ғет-Ҡасинға табан барып, Риммонға етә һәм Неғаға ҡарай борола. Сик төньяҡтан Ханнаҫонды урап үтеп, Ифтах-Ил үҙәненә барып етә. Зевулун ырыуы биләмәһенә тирә-яҡтағы ауылдары менән барлығы ун ике ҡала, шул иҫәптән Ҡаттаҫ, Нахалал, Шимрон, Идала һәм Бейт-Ләхәм инә. Нәҫелдәренә күрә Зевулун улдарының биләмә ерҙәре һәм ауыл-ҡалалары ошолар ине. Дүртенсе йәрәбә нәҫелдәренә күрә Исасхарға – Исасхар улдарына төштө. Уларҙың биләмәһенә Изреғил, Кесуллоҫ, Шунем, Хафараим, Шион, Анахараҫ, Раббиҫ, Ҡишйон, Әвәс, Рәмәҫ, Ғейн-Ганним, Ғейн-Хадда, Бейт-Пассес инә. Ер биләмәһенең сиге Тавор тауы, Шахасима һәм Бейт-Шәмәшкә йәнәш үтә лә Иордан йылғаһына барып етә. Йәмғеһе – ун алты ҡала һәм улар тирәһендәге ауылдар. Был – нәҫелдәренә күрә Исасхар ырыуының биләмәләре һәм ҡала-ауылдары. Бишенсе йәрәбә нәҫелдәренә күрә Ашер ырыуына төштө. Уларҙың биләмәһенә Хелҡаҫ, Хали, Бәтән, Ахшаф, Аламмәләх, Ғамғад һәм Мишал инә. Көнбайышта уларҙың биләмәһе Кармәл тауы һәм Шихор-Ливнаҫ менән сикләнә. Шул ерҙән сик көнсығышҡа боролоп, Бейт-Дагонға бара ла Зевулун ерҙәренә һәм Ифтах-Ил үҙәненә барып терәлә. Унан Бейт-Ғемәҡ һәм Неғиил ҡалаларын үтеп, төньяҡтан – Кавул, Ғаврон, Рехов, Хаммон һәм Ҡанаға табан дауам итә. Бөйөк Сидон ҡалаһына килеп етеп, Рамаға табан йүнәлә, Тир ҡәлғәһенән Хосаға борола һәм диңгеҙгә барып сыға. Ер биләмәһенә Махлав, Ахзив төбәге, Ғумма, Афеҡ һәм Рехов ҡалаларын иҫәпкә алып, ашерҙар биләмәһенә тирә-яҡтағы ауылдары менән бергә бөтәһе егерме ике ҡала инде. Был – нәҫелдәренә күрә Ашер ырыуының биләмә ерҙәре һәм ауыл-ҡалалары. Алтынсы йәрәбә нәҫелдәре буйынса Нафтали ырыуына төштө. Уларҙың биләмә сиктәре Хелефтан һәм Сағананним имәненән башлана ла Адами-Нәҡәв менән Явнеил аша Лаҡҡумға барып етә һәм Иордан ярында тамамлана. Көнбайышҡа табан сик Азноҫ-Таворға, унан Хуҡоҡҡа табан китә. Көньяҡта уларҙың ер биләмәһе Зевулун ерҙәре менән, көнбайышта Ашер ерҙәре менән сикләшә, ә көнсығыштан Иордан менән сикләнә. Биләмәгә нығытмалы ҡалалар Сиддим, Сер, Хаммаҫ, Раҡҡаҫ, Киннереҫ, Адама, Рама, Хасор, Ҡәдәш, Әдрәғи, Ғейн-Хасор, Ирон, Мигдал-Ил, Хорем, Бейт-Ғанаҫ һәм Бейт-Шәмәш инә; тирә-яҡтағы ауылдары менән бергә барлығы ун туғыҙ ҡала. Был – нәҫелдәренә күрә Нафтали ырыуының биләмәләре һәм ауыл-ҡалалары. Етенсе йәрәбә нәҫелдәренә күрә Дан ырыуына төштө. Ер биләмәһенә Сорға, Әштәол, Ғир-Шәмәш, Шағалаббин, Айялон, Итла, Элон, Тимна, Ғәҡрон, Әлтеке, Гиббеҫон, Бағалаҫ, Йеһуд, Бене-Бераҡ, Ғаҫ-Риммон, Ме-Ярҡон һәм Раҡҡон, шулай уҡ Яфо ҡаршыһындағы ерҙәр инә. Ләкин Дан улдары үҙҙәренең биләмәләрен юғалтты. Шуға күрә улар Ләшәм ҡалаһына һөжүм итте, уны баҫып алды һәм кешеләрен ҡылыстан үткәрҙе. Был ҡала уларҙың биләмәһе булды. Улар был ҡалала йәшәй башланы һәм уға үҙҙәренең тәү бабаһы Дандың исеме буйынса Дан тигән атама бирҙе. Был – нәҫелдәренә күрә Дан ырыуының биләмәләре, ҡала-ауылдары. Бөтә илде үҙ-ара бүлешеп бөткәндән һуң, исраилдар үҙ ерҙәренән Нун улы Йушағҡа өлөш сығарҙы. Раббы ҡушыуына ярашлы, улар Йушағҡа үҙе һайлап алған ҡаланы – Әфраим таулығындағы Тимнаҫ-Сәрахты бирҙе. Йушағ был ҡаланы төҙөкләндереп, шунда йәшәй башланы. Ҡаһин Әлғазар, Нун улы Йушағ һәм Исраил ырыуҙарының нәҫел башлыҡтары Шилола, Раббы хозурында, Осрашыу сатырына инер ерҙә йәрәбә буйынса бүленгән ер биләмәләре бына ошолар. Шулай итеп, улар ер бүлеүҙе тамамланы. Раббы Йушағҡа: – Исраилдарға әйт, Мин һеҙгә Муса аша бойорғанымса, һыйыныу ҡалалары һайлағыҙ, – тине. – Берәйһе яуыз ниәтһеҙ, яңылышлыҡ менән кеше үлтерһә, ҡан үсен ҡайтарыусынан шунда ҡасып ҡотола алыр. Ул ошо ҡалаларҙың береһенә ҡасып барып, ҡала ҡапҡаһы алдына баҫһын да ҡала аҡһаҡалдарына ни булғанын һөйләп бирһен. Уны ҡалаға индерһендәр һәм йәшәп торор өсөн урын бирһендәр. Уны ҡон ҡайтарам тип килгән кешегә тотоп бирмәһендәр – ул яуыз ниәт менән үлтермәгән бит, теге үлгән кеше менән уның араһында дошманлыҡ булмаған. Үлтергән кеше, йәмғиәт хөкөмөнә баҫҡансы, был ҡалала ҡалырға тейеш. Был хәл булған осорҙа хакимлыҡ иткән баш ҡаһин вафат булғас ҡына ул үҙенең ҡалаһына, үҙ өйөнә әйләнеп ҡайта алыр. Һыйыныу ҡалалары тип иғлан ителделәр: Галилеяла, Нафтали тауҙарында – Ҡәдәш; Әфраим таулығында – Шәхәм; Йәһүҙә тауҙарында – Ҡыръяҫ-Арбағ, йәғни Хеврон. Иордан аръяғында иһә Йерихонан көнсығышта һыйыныу ҡалалары шулар: Рәүвән ырыуына ҡараған яҫы таулыҡта, сүлдә – Бәсәр; Ғад ырыуына ҡараған Ғилғәд төбәгендә – Рамоҫ; Менашше ырыуына ҡараған Башан төбәгендә – Голан. Шулай итеп, бына шулар һыйыныу ҡалалары итеп билдәләнде. Исраил халҡынанмы йәки улар араһында йәшәгән килмешәктәрҙәнме яуыз ниәтһеҙ кеше үлтергән һәр кем – йәмғиәт хөкөмө алдына баҫҡанға тиклем ошо ҡалаларҙа ҡан үсен ҡайтарыусынан ҡасып ҡотола алыр. Левиҙәрҙең нәҫел башлыҡтары Ҡәнғән ерендәге Шило ҡалаһына ҡаһин Әлғазар, Нун улы Йушағ һәм Исраил ырыуҙарының башҡа нәҫел башлыҡтары янына килеп, уларға: – Раббы Муса аша беҙгә йәшәр өсөн ҡалалар һәм улар тирәһендә мал көтөр өсөн көтөүлектәр бирергә ҡушҡайны, – тине. Исраилдар, Раббы ҡушыуы буйынса, левиҙәргә үҙ биләмәләренән ҡалалар һәм көтөүлектәр бүлеп бирҙе. Беренсе йәрәбә Ҡыһаҫ нәҫелдәренә төштө. Һарун ҡаһиндың нәҫеленән булған левиҙәргә Йәһүҙә, Шимғон һәм Бинйәмин ырыуҙарының биләмә ерҙәренән йәрәбә буйынса ун өс ҡала бирелде. Башҡа Ҡыһаҫ улдарына иһә Әфраим ырыуының нәҫелдәренән, Дан ырыуынан һәм Менашше ырыуының яртыһынан йәрәбә буйынса ун ҡала бирелде. Гершон улдарынан булған левиҙәргә Исасхар, Ашер, Нафтали ырыуҙарынан һәм Менашше ырыуының Башанда йәшәгән яртыһынан йәрәбә буйынса ун өс ҡала бирелде. Нәҫелдәренә күрә Мерари улдарынан булған левиҙәргә Рәүвән, Ғад һәм Зевулун ырыуҙарынан ун ике ҡала бирелде. Исраилдар, Раббының Муса аша биргән бойороғона ярашлы, йәрәбә һалып, бына шул ҡалаларҙы тирә-яғындағы көтөүлектәре менән бергә левиҙәргә бирҙе. Түбәндә Йәһүҙә һәм Шимғон ырыуҙарынан левиҙәргә бүлеп бирелгән ҡалаларҙың исемдәре: был ҡалалар Һарун нәҫелдәренә, Ҡыһаҫ улдарынан булған левиҙәргә бирелде, сөнки уларға йәрәбә беренсе булып төштө. Ғанаҡтың атаһы Арбағтың Йәһүҙә тауҙарында урынлашҡан Ҡыръяҫ-Арбағ, йәғни Хеврон ҡалаһын тирә-яғындағы көтөүлектәре менән левиҙәргә бирҙеләр. Әммә ҡаланы уратып алған яландар һәм ауылдар Йефунне улы Калевҡа биләмәгә бирелгәйне. Ҡаһин Һарун нәҫелдәре кеше үлтереүҙә ғәйепләнгән кешеләр өсөн һыйыныу ҡалаһы тип иғлан ителгән Хевронды, уның тирә-яғындағы көтөүлектәрҙе, шулай уҡ Ливнаны, Яттир, Әштемоағ, Холон, Девир, Ғайн, Ютта һәм Бейт-Шәмәште, уларҙы уратып алған көтөүлектәрҙе, был ике ырыуҙың ер биләмәһенән барлығы туғыҙ ҡаланы алды. Бынан тыш, Бинйәмин ерҙәренән уларға Ғивғон, Гевағ, Ғанаҫоҫ һәм Ғалмон, уларҙы уратып алған көтөүлектәр, барлығы дүрт ҡала бүлеп бирелде. Һарун нәҫелдәре, ҡаһиндар, дөйөм алғанда, көтөүлектәре менән бергә барлығы ун өс ҡала алды. Левиҙәрҙән булған башҡа Ҡыһаҫ улдарына йәрәбә буйынса Әфраим ырыуы ерҙәренән ҡалалар бирелде. Улар Әфраим таулығында тирә-яғындағы көтөүлектәре менән кеше үлтереүҙә ғәйепләнгән кешеләр өсөн һыйыныу ҡалаһы булған Шәхәмде, шулай уҡ уратып алған көтөүлектәр менән Гәзәр, Ҡивсаим һәм Бейт-Хорон ҡалаларын, барлығы дүрт ҡала алды. Бынан тыш, Дан ерҙәренән – Әлтеке, Гиббеҫон, Айялон һәм Ғаҫ-Риммон, уларҙы уратып алған көтөүлектәр, барлығы дүрт ҡала алды. Менашше ырыуының яртыһына ҡараған ер биләмәһенән – Тағанах һәм Ғаҫ-Риммон, уларҙы уратып алған көтөүлектәр, барлығы ике ҡала алды. Дөйөм алғанда Ҡыһаҫ тоҡомоноң ҡалған нәҫелдәре көтөүлектәре менән бергә ун ҡала алды. Левиҙәрҙең нәҫелдәренән Гершон улдарына Менашше ырыуының яртыһынан бирелгән биләмә еренән тирә-яғындағы көтөүлектәре менән Башан төбәгендәге һыйыныу ҡалаһы Голан, шулай уҡ тирә-яғындағы көтөүлектәре менән Беғештера, барлығы ике ҡала бирелде. Бынан тыш, Исасхар ырыуы ерҙәренән – Ҡишйон, Давраҫ, Ярмуҫ һәм Ғейн-Ганним, уларҙы уратып алған көтөүлектәр, барлығы дүрт ҡала бирелде. Ашер ырыуы ерҙәренән – Мишал, Ғавдон, Хелҡаҫ һәм Рехов, уларҙы уратып алған көтөүлектәр, барлығы дүрт ҡала бирелде. Нафтали ырыуы ерҙәренән тирә-яғындағы көтөүлектәре менән Галилеялағы һыйыныр ҡала Ҡәдәште, шулай уҡ уратып алған көтөүлектәре менән Хаммоҫ-Дор һәм Ҡартан ҡалалары, барлығы өс ҡала бирелде. Дөйөм алғанда, нәҫелдәренә күрә Гершон нәҫелдәре көтөүлектәре менән бергә ун өс ҡала алды. Левиҙәрҙең ҡалғандары – Мерари нәҫелдәре – Зевулун ерҙәренән Йоҡнеғам, Ҡарта, Димна һәм Нахалал, уларҙы уратып алған көтөүлектәр менән бергә, барлығы дүрт ҡала алды. Бынан тыш, Рәүвән ырыуы ерҙәренән – тирә-яғындағы көтөүлектәре менән һыйыныр ҡала Бәсәрҙе, Яһасты, уратып алған көтөүлектәре менән Ҡедемоҫ һәм Мефағаҫ ҡалаларын, барлығы дүрт ҡала алды. Ғад ырыуы ерҙәренән – тирә-яғындағы көтөүлектәре менән Ғилғәдтәге һыйыныу ҡалаһы Рамоҫты, шулай уҡ Маханаимды, уратып алған көтөүлектәре менән Хешбон һәм Яғзерҙе, барлығы дүрт ҡала алды. Дөйөм алғанда, левиҙәрҙең ҡалғандары – Мерари нәҫелдәре – йәрәбә буйынса ун ике ҡала алды. Шулай итеп, левиҙәр исраилдарҙың биләмәләренән көтөүлектәре менән бергә ҡырҡ һигеҙ ҡала алды. Был ҡалаларҙың һәр береһенең тирә-яғында көтөүлектәре лә бар ине, бөтә был ҡалаларҙың тирәһендә лә шулай ине. Раббы Исраил халҡының ата-бабаларына ант иткәнсә, был ерҙәрҙең барыһын да исраилдарға бирҙе. Улар был ерҙәргә хужа булып, шунда төйәкләнде. Раббы уларға, ата-бабаларына ант иткәнсә, һәр йәһәттән тыныс тормош бирҙе. Исраилдарға бер кем дә ҡаршы тора алманы – Раббы бөтә дошмандарын уларҙың ҡулына тапшырҙы. Исраилдарға Раббы биргән игелекле вәғәҙәләрҙең береһе лә үтәлмәй ҡалманы – барыһы ла ғәмәлгә ашты. Шунан һуң Йушағ Рәүвән, Ғад ырыуҙарын һәм Менашше ырыуының яртыһын саҡырып алды ла уларға: – Һеҙ Раббы ҡоло Муса ҡушҡандың барыһын да ғәмәлгә ашырҙығыҙ. Минең бөтә әйткәндәремде тыңланығыҙ. Бөгөнгө көнгә тиклем, оҙайлы ваҡыт, Аллағыҙ Раббы ҡушҡандарын үтәй барып, ҡәрҙәштәрегеҙҙе ташламанығыҙ. Инде хәҙер, Аллағыҙ Раббы, вәғәҙәһен үтәп, һеҙҙең ҡәрҙәштәрегеҙгә тыныс тормош биргәс, Раббы ҡоло Муса һеҙгә Иордан аръяғында биргән биләмә ерҙәрегеҙгә – үҙ сатырҙарығыҙға ҡайта алаһығыҙ. Әммә һеҙ ҡанунды – Раббы ҡоло Муса ҡушҡандарҙы теүәл үтәргә тейешһегеҙ. Һеҙ Аллағыҙ Раббыны яратырға, Уның юлынан йөрөргә, бойороҡтарын үтәргә, Уға тоғро булырға һәм бөтә күңелегеҙ, бар булмышығыҙ менән хеҙмәт итергә тейешһегеҙ, – тине. Йушағ уларға фатиха бирҙе лә өйҙәренә оҙатты, һәм улар ҡайтып китте. Менашше ырыуының бер яртыһына Муса биләмә ерҙәрен Башандан, ә икенсе яртыһына Иордандың көнбайышынан, ҡалған исраилдар эргәһенән ер биргәйне. Фатиха биреп уларҙы ҡайтарып ебәргәндә, Йушағ былай тине: – Һеҙ сатырҙарығыҙға ҙур байлыҡ менән ҡайтаһығыҙ: хәҙер һеҙҙең малығыҙ, алтын-көмөшөгөҙ, баҡыр-тимерегеҙ һәм кейемдәрегеҙ күп. Табышығыҙҙы туғандарығыҙ менән бүлешегеҙ. Рәүвән, Ғад ырыуҙары һәм Менашше ырыуының яртыһы, башҡа исраилдарҙан айырылып, Ҡәнғәндәге Шилонан үҙенең биләмә ере Ғилғәдкә ҡайтып китте. Улар был илде Муса аша Раббы биргән бойороҡҡа ярашлы биләгәйне. Ҡәнғәндәге Гелилоҫҡа ҡайтып еткәс, Рәүвән, Ғад ырыуҙары һәм Менашше ырыуының яртыһы ошонда, Иордан йылғаһы буйында, ғәләмәт ҙур ҡорбан усағы эшләне. Ҡалған Исраил халҡына: «Рәүвән, Ғад ырыуҙары һәм Менашше ырыуының яртыһы Ҡәнғән ерендәге Гелилоҫта, Иордандың исраилдарға ҡараған ярында, ҡорбан усағы төҙөгән» тигән хәбәр барып етте. Бөтә Исраил йәмғиәте, тегеләргә ҡаршы һуғыш менән барыр өсөн, Шилола йыйылды. Башта исраилдар Ғилғәд еренә – Рәүвән, Ғад ырыуҙары һәм Менашше ырыуының яртыһы эргәһенә – Әлғазар улы Пинхас ҡаһинды ебәрҙе. Уның менән бергә һәр ырыуҙан бер кеше – һәр береһе үҙ нәҫелендә башлыҡ булған ун кеше барҙы. Ғилғәдкә – Рәүвән, Ғад ырыуҙары һәм Менашше ырыуының яртыһы эргәһенә килгәс, илселәр былай тине: – Бөтә Раббы йәмғиәте былай ти: «Ниңә һеҙ Исраил Аллаһына хыянат иттегеҙ? Ниңә Раббығыҙҙан баш тартаһығыҙ? Бөгөн Үҙегеҙгә ҡорбан усағы төҙөп, Раббыға ҡаршы фетнә күтәрәһегеҙ? Һеҙгә Пеғорҙа ҡылған гонаһыбыҙ аҙмы? Беҙ әле булһа шул гонаһтарҙан таҙарына алмайбыҙ, шуның өсөн бөтә Раббы йәмғиәтенә бәлә-ҡаза килде бит. Һеҙ Раббынан баш тарттығыҙ. Бөгөн һеҙ Раббыға ҡаршы фетнә күтәрҙегеҙ, ә иртәгә Уның асыуы бөтә Исраил йәмғиәтенә төшөр. Һеҙ биләгән ер нәжесләнгән икән, беҙҙең яҡҡа, Раббы биләмәһенә, Раббы сатыры торған яҡҡа күсегеҙ ҙә ошонан, беҙҙең яҡтан, үҙегеҙгә ер алығыҙ. Әммә Раббыға һәм беҙгә ҡаршы фетнә күтәрмәгеҙ, Аллабыҙ Раббының ҡорбан усағына өҫтәп үҙегеҙгә тағы ҡорбан усағы төҙөмәгеҙ. Зерах улы Ғахан гонаһ ҡылып, юҡ ителергә тейешле әйберҙәрҙе алғас, Алла асыуы бөтә Исраил йәмғиәтенә төштө. Уның гонаһы арҡаһында ул бер үҙе генә харап булманы бит!» Рәүвән, Ғад ырыуҙары һәм Менашше ырыуының яртыһы Исраил нәҫелдәре башлыҡтарына былай тип яуап бирҙе: – Аллаларҙың Аллаһы Раббы! Аллаларҙың Аллаһы Раббы! Ул эштең ниҙә икәнен белә, исраилдар ҙа белһен хәҙер. Әгәр ҙә беҙ Раббыға ҡаршы баш күтәреп хыянат итһәк, Ул бөгөн беҙҙе аямаһын. Әгәр ҙә беҙ, Раббынан баш тартып, тотош яндырыу ҡорбаны ҡылыр, саҙаҡалар һәм татыулыҡ ҡорбаны килтерер өсөн ҡорбан усағы төҙөгән булһаҡ, Раббы беҙгә язаһын бирһен. Бына шуның өсөн дә беҙ ошо ҡорбан усағын төҙөргә булдыҡ – ләкин тотош яндырыу ҡорбаны килтереү һәм башҡа ҡорбандар өсөн түгел. Беҙ был ҡорбан усағын һеҙҙең менән беҙҙең арабыҙҙа, беҙҙән һуң балаларыбыҙ араһында шаһит булһын тип ҡорҙоҡ. Беҙҙең дә һеҙҙең кеүек Раббының Изге сатыры алдында Раббыға хеҙмәт итеп, тотош яндырыу, татыулыҡ һәм башҡа ҡорбандар тәҡдим итергә хаҡлы икәнебеҙҙе ошо ҡорбан усағы күрһәтер. Ул сағында инде һеҙҙең балалар беҙҙең балаларға: «Раббыла һеҙҙең өлөшөгөҙ юҡ», – тип әйтә алмаҫ. Беҙ былай тинек: «Киләсәктә беҙҙең менән һеҙҙең йәки киләсәк быуындарыбыҙҙың араһында шундай һүҙ сыҡһа, беҙ: „Тотош яндырыу йәки башҡа ҡорбандар өсөн түгел, ә һеҙҙең менән беҙҙең арала шаһит булып торһон өсөн ата-бабаларыбыҙ Раббының ҡорбан усағына оҡшатып ҡорған ҡорбан усағына күҙ һалығыҙ“, – тип әйтербеҙ. Ләкин беҙ, Раббыға ҡаршы баш күтәреп һәм Унан тайпылып, Аллабыҙ Раббының Изге сатыры алдындағы ҡорбан усағына өҫтәп, тотош яндырыу ҡорбаны, саҙаҡалар һәм башҡа ҡорбандар өсөн тағы бер ҡорбан усағы төҙөйәсәгебеҙ юҡ». Пинхас ҡаһин һәм уны оҙата барған йәмғиәт башлыҡтары – Исраил нәҫелдәре башлыҡтары, Рәүвән, Ғад һәм Менашше ырыуҙары ауыҙынан бындай яуапты ишеткәс, уларҙы хупланы. Әлғазар улы Пинхас ҡаһин Рәүвән, Ғад һәм Менашше ырыуҙарына: – Хәҙер беҙ Раббының һаман да арабыҙҙа икәнен күрәбеҙ. Раббыға хыянат итмәгәс, һеҙ Исраилды Раббы асыуынан араланығыҙ, – тине. Рәүвән һәм Ғад ырыуҙары Ғилғәдтән киткәс, Әлғазар улы Пинхас ҡаһин һәм башлыҡтар Ҡәнғәнгә, исраилдар янына әйләнеп ҡайтты һәм уларға эштең ниҙә икәнен һөйләп бирҙе. Исраилдар быға шатланды. Улар Аллаға шөкөр итте һәм Рәүвән менән Ғад ырыуҙарына ҡаршы һуғышыу, уларҙың илдәрен тар-мар итеү фекеренән кире ҡайтты. Рәүвән һәм Ғад ырыуҙары был ҡорбан усағына исем биреп: «Раббы – беҙҙең Аллабыҙ. Был ҡорбан усағы һеҙҙең өсөн дә, беҙҙең өсөн дә шуны раҫлаусы шаһит булһын», – тинеләр. Раббы Исраилға тыныс тормош биргәнгә күп ваҡыттар үтте. Исраилды уратып алған дошмандары уны башҡаса хафаламаны. Йушағ ныҡ ҡартайҙы. Ул исраилдарҙы – аҡһаҡалдарын, ырыу башлыҡтарын, хөкөмдарҙарын, етәкселәрҙе саҡырып алды ла уларға былай тине: – Минең йәшем етте, инде ҡартайҙым. Аллағыҙ Раббының һеҙҙең хаҡҡа барлыҡ был ҡәүемдәр менән ни эшләгәнен күрҙегеҙ. Һеҙҙең өсөн Аллағыҙ Раббы Үҙе һуғышты! Һәм бына мин Иордандан алып көнбайыштағы Бөйөк диңгеҙгә тиклем йәйрәп ятҡан ерҙәрҙә әлегә тороп ҡалған халыҡтарҙың, шулай уҡ мин юҡ иткән барлыҡ халыҡтарҙың ерҙәрен йәрәбә буйынса һеҙҙең ырыуҙарға биләмә итеп бирҙем. Аллағыҙ Раббы был халыҡтарҙы алдығыҙҙан ҡыуып ебәрер – уларҙың ерҙәрен тартып алып һеҙгә бирер, һәм һеҙ был ерҙе биләрһегеҙ. Аллағыҙ Раббы һеҙгә шулай вәғәҙәләне. Ләкин һеҙ Мусаның ҡанун китабында яҙылғандың бөтәһен дә теүәл һаҡларға һәм үтәргә, был ҡанундан уңға ла, һулға ла тайпылмаҫҡа тейешһегеҙ. Был илдә һаман ҡала килгән халыҡтар менән ҡатнашмағыҙ. Уларҙың илаһтарын саҡырмағыҙ һәм илаһтарының исемдәре менән ант итмәгеҙ, уларға хеҙмәт итмәгеҙ һәм табынмағыҙ. Бөгөнгә тиклем Аллағыҙ Раббыға тоғро булдығыҙ, бынан һуң да Уға тоғро булып ҡалығыҙ. Раббы ҙур һәм ҡеүәтле халыҡтарҙы алдығыҙҙан ҡыуып сығарҙы. Бөгөнгәсә бер кем һеҙгә ҡаршы тора алмай. Һеҙҙең һәр ҡайһығыҙ меңде ҡасырға мәжбүр итә, сөнки Аллағыҙ Раббы, һеҙгә вәғәҙә иткәнсә, һеҙҙең өсөн Үҙе һуғыша. Ләкин ҡарағыҙ уны, Аллағыҙ Раббыны яратығыҙ. Әгәр ҙә һеҙ, тайпылып, был илдә һаман да тороп ҡала килгән халыҡтарға ҡушылһағыҙ, улар менән туғанлашһағыҙ һәм улар менән ҡатнашһағыҙ, белегеҙ: ул саҡта Аллағыҙ Раббы ла был халыҡтарҙы алдығыҙҙан ҡыуып ебәрмәҫ. Был халыҡтар һеҙҙең өсөн тоҙаҡҡа, йәтмәгә, ҡабырғаны ярыр сыбыртҡыға, күҙгә керер сәнскәккә әйләнер, һөҙөмтәлә һеҙ Аллағыҙ Раббы бүләк итеп биргән ошо гүзәл ерҙән юҡ булырһығыҙ. Тиҙҙән мин һәр кемде көткән юлға китермен. Һеҙ барығыҙ ҙа бөтә йөрәгегеҙ һәм булмышығыҙ менән беләһегеҙ: Аллағыҙ Раббы һеҙгә биргән яҡшы вәғәҙәләрҙең береһен дә үтәмәй ҡалманы. Аллағыҙ Раббы һеҙгә биргән барлыҡ игелекле вәғәҙәләр ни рәүешле үтәлгән булһа, Раббы Үҙенең бөтә янауҙарын да шул рәүешле үтәйәсәк – шул саҡта һеҙ Аллағыҙ Раббы һеҙгә бүләк итеп биргән ошо гүзәл илдән юҡ ителәсәкһегеҙ. Әгәр ҙә һеҙ Аллағыҙ Раббы менән төҙөгән килешеүҙе боҙһағыҙ, Уның ҡушҡандарын тыңламаһағыҙ, башҡа илаһтарға хеҙмәт итә һәм табына башлаһағыҙ – шул саҡта һеҙгә ҡаршы Раббының асыуы ялҡынланыр һәм бик тиҙҙән һеҙ Ул бүләк итеп биргән ошо гүзәл илдән юҡ булырһығыҙ. Йушағ Исраилдың бөтә ырыуҙарын, уларҙың аҡһаҡалдарын, башлыҡтарын, хөкөмдарҙарҙы, етәкселәрҙе Шәхәмгә саҡыртып алды. Улар бөтәһе бергә Алла хозурына баҫты. Йушағ бөтә халыҡҡа мөрәжәғәт итте: – Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Борон-борондан – Ибраһим һәм Нахорҙың атаһы Терахҡа тиклем – һеҙҙең ата-бабаларығыҙ Евфрат йылғаһының аръяғында йәшәне һәм сит илаһтарға табынды. Әммә Мин һеҙҙең тәүатағыҙ Ибраһимды йылғаның аръяғынан алып сыҡтым. Уны оҙаҡ йөрөттөм – ул тотош Ҡәнғән илен урап сыҡты. Мин уның тоҡомон күбәйттем. Мин уға улы Исхаҡты бүләк иттем. Ә Исхаҡҡа Яҡуп менән Ғаязды бирҙем. Ғаязға Мин биләмә итеп Сеғир тауҙарын бирҙем. Ә Яҡуп менән уның балалары Мысырға китте. Мин Муса менән Һарунды шунда ебәрҙем, Мысырға афәттәр яуҙырып, уны язаға дусар иттем, һәм һеҙҙе унан алып сыҡтым. Мысырҙан Мин һеҙҙең ата-бабаларығыҙҙы Ҡамышлы диңгеҙенә алып килдем, ләкин бында уларҙы мысырҙарҙың яу арбалары һәм һыбайлылары ҡыуып етте. Ата-бабаларығыҙ шунда Раббыға ялбарҙы – шул саҡ Раббы һеҙҙең менән мысырҙар араһына ҡараңғылыҡ пәрҙәһе ҡорҙо. Раббы диңгеҙҙе мысырҙарға ҡаршы ҡуйҙы, һәм диңгеҙ уларҙы йотто. Минең мысырҙарҙы ни эшләтеүемде һеҙ үҙ күҙегеҙ менән күрҙегеҙ. Шунан һуң һеҙ оҙаҡ ваҡыт сүлдә көн иттегеҙ. Артабан Мин һеҙҙе Иордан аръяғында йәшәгән әмөриҙәрҙең иленә алып килдем. Әмөриҙәр һеҙгә һөжүм итте, ләкин Мин уларҙы һеҙҙең ҡулға тапшырҙым. Мин уларҙы һеҙҙең алдығыҙҙан ҡырып һалдым, һәм һеҙ уларҙың ерҙәрен биләнегеҙ. Моав батшаһы Сиппор улы Балаҡ Исраилға ҡаршы һуғыш асты һәм Беғор улы Билғамды һеҙҙе ҡәһәрләргә саҡырҙы. Ләкин Мин Билғамдың ҡәһәрен тыңларға теләмәнем. Һәм ул һеҙҙе ҡабат-ҡабат фатихаланы. Мин һеҙҙе уның ҡулынан араланым. Һеҙ Иордан йылғаһын аша сығып Йерихоға яҡынлаштығыҙ. Йерихо кешеләре, әмөриҙәр, перизиҙәр, ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, гиргашиҙәр, хиууиҙәр һәм йевусиҙәр алышҡан һымаҡ уҡ һеҙгә ҡаршы һуғыш башланы, әммә Мин уларҙың бөтәһен дә һеҙҙең ҡулға тапшырҙым. Ике әмөри батшаһын һеҙҙең ҡылыстарығыҙ түгел, һеҙҙең уҡтарығыҙ түгел, ә һеҙҙең алдан Мин ебәргән траштар алып ташланы. Мин һеҙгә үҙегеҙ икмәгән ерҙе, үҙегеҙ төҙөмәгән ҡалаларҙы бирҙем – хәҙер һеҙ ошо ҡалаларҙа йәшәйһегеҙ һәм үҙегеҙ үҫтермәгән зәйтүн һәм йөҙөм ағастарының емеше менән туҡланаһығыҙ». – Шуның өсөн, – тине Йушағ, – Раббынан ҡурҡығыҙ һәм Уны хөрмәтләгеҙ, Уға намыҫлы һәм тоғро хеҙмәт итегеҙ. Ата-бабаларығыҙ Евфрат йылғаһының аръяғында һәм Мысырҙа табынған барлыҡ илаһтарҙан ваз кисегеҙ һәм бары тик Раббыға ғына ғибәҙәт ҡылығыҙ. Әгәр ҙә ки һеҙҙең Раббыға хеҙмәт иткегеҙ килмәй икән, кемгә хеҙмәт итерегеҙҙе хәҙер үк ошонда хәл итегеҙ. Ата-бабаларығыҙ Евфрат йылғаһы аръяғында сәждә ҡылған илаһтарғамы, әллә әле һеҙ йәшәп ятҡан ерҙәге әмөриҙәрҙең илаһтарынамы? Әммә мин һәм минең нәҫелем Раббыға хеҙмәт итәсәкбеҙ. Халыҡ былай тип яуап ҡайтарҙы: – Беҙҙең, Раббыны ҡалдырып, бүтән илаһтарға табынаһыбыҙ юҡ. Аллабыҙ Раббы беҙҙең халыҡты, беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙы Мысыр ҡоллоғонан алып сыҡҡан. Ул беҙҙең күҙ алдыбыҙҙа бөйөк хикмәттәр ҡылды. Ул юлда беҙҙе һаҡлап йөрөттө, Ул беҙҙе, ерҙәренән үткән саҡта, күп халыҡтарҙан араланы. Ул бөтә был халыҡтарҙы – һәм ошо ерҙә йәшәгән әмөриҙәрҙе беҙҙең алдыбыҙҙан ҡыуып ебәрҙе. Беҙ ҙә Раббыға хеҙмәт итәсәкбеҙ, Ул – беҙҙең Аллабыҙ. Йушағ халыҡҡа былай тине: – Һеҙ Раббыға хеҙмәт итә алмаҫһығыҙ. Ул – изге Алла. Ул – көнсөл Алла. Ул һеҙҙең тайпылғанығыҙҙы һәм гонаһтарығыҙҙы түҙеп тормаясаҡ. Әгәр ҙә һеҙ Раббыны ҡалдырып сит илаһтарға сәждә ҡыла башлайһығыҙ икән, Ул һеҙгә золомон ебәрер, һеҙҙән ситкә боролор – Үҙенең бөтә яҡшылыҡтарынан һуң Ул һеҙҙе юҡ итер. – Юҡ, беҙ Раббыға хеҙмәт итәсәкбеҙ! – тип яуапланы халыҡ Йушағҡа. – Раббыға хеҙмәт итергә һеҙ үҙегеҙ ҡарар иттегеҙ һәм быға үҙегеҙ шаһит, – тине Йушағ. – Беҙ шаһитбыҙ, – тип раҫланы халыҡ. – Шулай булғас, үҙегеҙҙәге бөтә сит илаһтарҙан ваз кисегеҙ һәм барлыҡ уй-теләктәрегеҙҙе Исраил Аллаһы Раббыға йүнәлтегеҙ, – тине Йушағ. – Беҙ үҙебеҙҙең Аллабыҙ Раббыға хеҙмәт итәсәкбеҙ, Уны тыңлаясаҡбыҙ, – тип яуапланы халыҡ Йушағҡа. Шул көндө Йушағ бөтә халыҡ исеменән килешеү төҙөнө. Шунда, Шәхәмдә, ул халыҡҡа ҡағиҙәләр һәм күрһәтмәләр бирҙе – һәм уларҙы Алланың ҡанун китабына яҙҙы. Шунан Йушағ ҙур бер таш алып, уны Раббының изге урыны эргәһендәге имән аҫтына һалып ҡуйҙы һәм халыҡҡа: – Бына был таш беҙҙең шаһитыбыҙ булыр. Ул Раббы беҙгә әйткәндәрҙең бөтәһен дә ишетте. Әгәр ҙә һеҙ Аллағыҙҙан баш тарта ҡалһағыҙ, был таш һеҙгә ҡаршы шәһәҙәт ҡыласаҡ. Шунан Йушағ халыҡты ҡайтарып ебәрҙе, һәм барыһы ла үҙ биләмәләренә таралышты. Күпмелер ваҡыттан һуң Раббы ҡоло Йушағ Нун улы вафат булды. Уға йөҙ ҙә ун йәш ине. Йушағты Гағаш тауынан төньяҡтараҡ ятҡан Әфраим таулығындағы биләмәһендә – Тимнаҫ-Сәрахта ерләнеләр. Йушағ дәүерендә һәм Йушағтан һуң йәшәгән, Раббының Исраил өсөн ҡылған бөйөк эштәрен күреп белгән аҡһаҡалдар иҫән саҡта, халыҡ Раббыға тоғро хеҙмәт итте. Исраилдар Йософтоң Мысырҙан алып сыҡҡан һөйәктәрен Шәхәмдә, Шәхәмдең атаһы Хаморҙың улдарынан Яҡуп йөҙ ҡыситаға һатып алған һәм Йософ нәҫелдәренең биләмәһенә әүерелгән урында, дәфен ҡылдылар. Һарун улы Әлғазар вафат булды. Уны улы Пинхастың биләмәһендә – Әфраим таулығындағы Пинхас Гивғаһында дәфен ҡылдылар. Йушағ вафат булғандан һуң, исраилдар Раббынан: – Ҡәнғәниҙәргә ҡаршы һуғышҡа арабыҙҙан кем беренсе булып күтәрелһен? – тип һораны. – Йәһүҙә күтәрелер. Мин был ерҙе уның ырыуының ҡулына бирәм, – тине Раббы. Йәһүҙә ырыуы үҙҙәренең ҡәрҙәштәре булған Шимғон ырыуына: – Әйҙәгеҙ, һеҙ ҙә беҙҙең менән барығыҙ, беҙҙең өлөшкә төшкән ерҙәрҙе тартып алыр өсөн, ҡәнғәниҙәргә ҡаршы бергәләп һуғышайыҡ. Һуңынан беҙ ҙә һеҙгә төшкән өлөштө алырға ярҙам итербеҙ, – тине. Шулай итеп, Шимғон нәҫеле улар менән бергә китте. Йәһүҙә ырыуы яу асты һәм Раббы ҡәнғәниҙәр менән перизиҙәрҙе уның ҡулына тапшырҙы. Йәһүҙиҙәр Бәзәҡтә ун мең кешене ҡырып ташланы. Бәзәҡтә улар Адони-Бәзәҡ менән осрашты, уға һөжүм итеп, ҡәнғәниҙәр менән перизиҙәрҙе тар-мар итте. Адони-Бәзәҡ ҡасып ҡотолмаҡ булды, ләкин уны ҡыуып етеп, аяҡ-ҡулының баш бармаҡтарын сабып өҙҙөләр. Шунда Адони-Бәзәҡ: – Аяҡ-ҡулының баш бармаҡтары ҡырҡылған етмеш батша минең өҫтәлем аҫтына төшкән валсыҡты йыя торғайны. Инде хәҙер Алла миңә ҡылған ғәмәлдәремдең әжерен бирҙе, – тине. Адони-Бәзәҡте Йәрүсәлимгә килтерҙеләр, ул шунда вафат булды. Йәһүҙә ырыуы Йәрүсәлимгә һөжүм итеп, уны алды, халҡын ҡылыстан үткәрҙе, ҡаланы яндырҙы. Шунан улар таулыҡтарҙа, Негевта һәм Шефелала йәшәгән ҡәнғәниҙәргә яу менән барҙы. Артабан Йәһүҙә ырыуы элекке исеме Ҡыръяҫ-Арбағ булған Хевронда йәшәгән ҡәнғәниҙәргә һөжүм итеп, Шешайҙы, Ахиманды һәм Талмайҙы тар-мар итте. Бынан Йәһүҙә ырыуы кешеләре, Девир ҡалаһында йәшәүселәргә һөжүм итер өсөн, юлға сыҡты. Девирҙың элекке исеме Ҡыръяҫ-Сәфәр ине. Шунда Калев: – Ҡыръяҫ-Сәфәрҙә еңеү яулап, ҡаланы ҡулға төшөргән кешегә ҡыҙым Ғахсаны кәләш итеп бирәм, – тине. Ҡаланы Калевтың ҡустыһы Ҡыназдың улы Ғоҫниил алды, шуға ла Калев уға ҡыҙы Ғахсаны кәләш итеп бирҙе. Ғоҫниилға кейәүгә сыҡҡас, Ғахса, ирен атаһы Калевтан бер баҫыу һорарға өгөтләне. Ҡыҙы ишәк өҫтөнән төшөүгә атаһы: – Нимә теләйһең? – тип һораны. – Миңә фатихаңды күндерһәңсе, – тине Ғахса. – Һин миңә Негевта ер бирҙең, хәҙер инде һыу сығанаҡтары ла бирһәң ине. Калев уға шул ерҙәге үрге һәм түбәнге һыу сығанаҡтарын бирҙе. Мусаның ҡайныһы нәҫеленән булған ҡыниҙар Йәһүҙә ырыуының кешеләре менән бергә Хөрмәләр ҡалаһынан китеп, Йәһүҙә сүленә – Негевҡа, Ғарад еренә килде һәм унда йәшәгән халыҡ араһында төпләнде. Йәһүҙә ирҙәре ҡәрҙәштәре булған Шимғон ырыуы кешеләре менән бергә Сефаҫта йәшәгән ҡәнғәниҙәргә һөжүм итте. Улар был ҡаланы харам ҡылып тулыһынса юҡ итте. Шуның өсөн был ҡала Хорма тип атала. Йәһүҙә нәҫеле тағы ла әйләнә-тирәһендәге ерҙәре менән бергә Газа, Ашҡылон һәм Ғәҡрон ҡалаларын алды. Раббы Үҙе Йәһүҙә ырыуы менән булған өсөн, улар таулыҡтағы ерҙәрҙе яуланы. Ләкин үҙәндә йәшәүселәрҙе ҡыуып ебәрә алманы: уларҙың тимерҙән эшләнгән яу арбалары бар ине. Муса әйткәнсә, Хеврон ҡалаһын Калевҡа бирҙеләр, ул бынан Ғанаҡтың өс улының тоҡомон ҡыуып ебәрҙе. Ләкин Бинйәмин ырыуы Йәрүсәлимдә йәшәгән йевусиҙәрҙе ҡыуманы, шуның өсөн дә йевусиҙәр Йәрүсәлимдә Бинйәмин нәҫеле менән һаман да йәнәш йәшәй. Йософ нәҫеле Бейт-Илгә һөжүм итте, Раббы улар менән булды. Улар, элекке исеме Луз булған Бейт-Ил ҡалаһы тураһында мәғлүмәт туплар өсөн, шымсылар ебәрҙе. Шымсылар ҡаланан сығып килгән бер кешене күреп, уға: – Ҡалаға инер юлды күрһәтһәң, яҡшылығыңа яҡшылыҡ менән яуап ҡайтарырбыҙ, – тинеләр. Теге кеше уларға юл күрһәтте. Улар ҡала халҡының барыһын да ҡылыстан үткәрҙе, ә теге кешене бөтөн нәҫел-нәсәбе менән бергә ебәрҙеләр. Юл күрһәткән кеше хиттиҙәр еренә барып төйәкләнде, унда Луз тигән ҡала төҙөнө. Ул ҡала әле лә шулай тип йөрөтөлә. Менашше ырыуы Бейт-Шеан, Тағанах, Дор, Йивлеғам, Мегиддо ҡалаларында һәм уларҙың әйләнә-тирәһендәге ауылдарҙа көн иткән халыҡты ҡыуманы, ҡәнғәниҙәр ошо ерҙә йәшәп ҡалды. Нығынып-көсәйеп киткәндән һуң, исраилдар ҡәнғәниҙәрҙе үҙҙәренә буйһондороп, мәжбүри эшселәр итте. Әммә уларҙы үҙ ерҙәренән тулыһынса ҡыуып ебәрмәне. Әфраим ырыуы ла Гәзәрҙә йәшәгән ҡәнғәниҙәрҙе ҡыуып ебәрмәне; ҡәнғәниҙәр улар араһында Гәзәрҙә йәшәй бирҙе. Зевулун да Ҡитрон һәм Наһалол кешеләрен ҡыуманы; ҡәнғәниҙәр улар араһында йәшәне һәм мәжбүри эшләргә тейеш булды. Ашер ырыуы ла Ғакко, Сидон менән Ахлав, Ахзив, Хелба, Афиҡ һәм Рехов ҡалаларында йәшәгән халыҡты ерҙәренән ҡыуып сығарманы. Ашер ырыуы шул ерҙәрҙе биләгән ҡәнғәниҙәр араһында йәшәп ҡалды, уларҙың ерҙәренә эйә була алманы. Нафтали ырыуы ла Бейт-Шәмәш һәм Бейт-Ғанаҫ ҡалалары кешеләрен ҡыуып сығарманы, шул ерҙәге кешеләр – ҡәнғәниҙәр араһында йәшәп ҡалды. Әммә Бейт-Шәмәш һәм Бейт-Ғанаҫ кешеләре уларға мәжбүри эшләргә тейеш булды. Әмөриҙәр Дан ырыуын тауға табан ҡыҫырыҡланы, уларға үҙәнгә төшөргә мөмкинлек бирмәне. Әмөриҙәр Хәрәс тауында, Айялонда һәм Шағалвимда йәшәп ҡалды. Ләкин, Йософ ырыуы көсәйеп киткәндән һуң, әмөриҙәр уларға мәжбүри эшләргә тейеш булды. Әмөри ерҙәренең сиктәре Ғаҡраббим тарлауығы менән Селанан ары һуҙыла ине. Раббы фәрештәһе Гилгалдан Бохимға килде лә уларға Раббы һүҙен еткерҙе: – Мин һеҙҙе Мысырҙан алып сыҡтым, ата-бабаларығыҙға ант итеп вәғәҙә биргән ергә килтерҙем. Уларға: «Мин һеҙҙең менән төҙөгән килешеүемде мәңге боҙмам, ә һеҙ был илдә йәшәгән кешеләр менән килешеү төҙөмәгеҙ, уларҙың ҡорбан усаҡтарын емерегеҙ», – тинем. Ләкин һеҙ әйткәндәремә ҡолаҡ һалманығыҙ. Нисек шулай эшләй алдығыҙ һеҙ? Шуға күрә Мин дә былай тип әйтәм: «Был халыҡтарҙы һеҙҙең аранан ҡыуып ебәрмәйем. Улар һеҙгә – элмәк, ә уларҙың илаһтары һеҙҙең өсөн тоҙаҡ булыр». Раббы фәрештәһе был һүҙҙәрҙе әйткәс, бөтә Исраил халҡы ҡысҡырып илай башланы. Шуға ла был урынды Бохим тип атанылар һәм шунда Раббыға ҡорбан килтерҙеләр. Йушағ халыҡҡа китергә рөхсәт иткәс, исраилдарҙың һәр береһе үҙ өлөшөнә төшкән ерҙәргә таралды. Был ерҙәр уларҙың биләмәһенә әйләнде. Йушағ үҙе һәм унан һуң йәшәгән аҡһаҡалдар Раббының Исраил өсөн ҡылған бөйөк эштәрен күргән дәүерҙәрҙә халыҡ Раббыға тоғро хеҙмәт итә ине. Нун улы Йушағ, Раббы ҡоло, йөҙ ҙә ун йәшендә вафат булды. Ул Гағаш тауынан төньяҡтараҡ ятҡан Әфраим таулығында урынлашҡан биләмәһе Тимнаҫ-Хәрәстә ерләнде. Был быуындан булғандар үлеп, ата-бабалары хозурына күскәс, уларға алмашҡа Раббыны һәм Уның Исраил өсөн ҡылған эштәрен белмәгән быуын килде. Исраилдар Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла, бәғелдәргә табына башланы. Раббынан, үҙҙәренең ата-бабаларын Мысыр еренән алып сыҡҡан Алланан, баш тартып, икенсе илаһтарға, үҙҙәрен уратып алған халыҡтарҙың илаһтарына әүрәп, уларға сәждә ҡылды, бының менән Раббыны асыуландырҙы. Улар, Раббыны ташлап, Бәғел һәм Ғаштареҫ боттарына табына башланылар. Быға асыуланған Раббы исраилдарҙы баҫҡынсылар ҡулына тапшырҙы – тегеләр уларҙы таланы; уларҙы уратып алған дошмандары ихтыярына бирҙе һәм исраилдар дошмандарына ҡаршы тора алмаҫ булды. Ҡайҙа ғына яу сапһалар ҙа, Раббы, алдан иҫкәртеп ҡуйғанса һәм ант иткәнсә, уларҙы бәлә-ҡазаға дусар итте. Исраилдарҙың хәле мөшкөлләнде. Раббы, исраилдарҙы баҫҡынсыларҙан ҡотҡарыр өсөн, уларға хакимдар ҡуя башланы. Ләкин улар үҙҙәренең хакимдарын да тыңламанылар, Раббыға тоғролоҡ һаҡламайынса, бүтән илаһтарға табындылар. Раббының бойороҡтарын ғәмәлгә ашырған ата-бабалары һымаҡ эшләмәнеләр, улар йөрөгән юлдан тиҙ арала тайпылдылар. Раббы уларға хаким ебәргәндә, шул хаким менән Үҙе була торғайны. Хаким иҫән саҡта исраилдарҙы дошмандарынан ҡотҡарыр булды, сөнки иҙеүселәрҙән һәм ҡыҫырыҡлаусыларҙан иңрәгән халыҡты йәлләне. Ләкин хаким үлеү менән, исраилдар йәнә элекке ҡылыҡтарына тотондо, сит илаһтарға әүрәп, уларға эйәреп китә, хеҙмәт итә һәм сәждә ҡыла башлар булды, аталарынан да хәтәрерәк ғәмәлдәр ҡылды – үҙҙәренең яман эштәренән ваз кисмәне һәм тиҫкәрелектәрен дауам итте. Исраилдарға ныҡ асыуланған Раббы былай тине: – Был халыҡ ата-бабалары менән Мин төҙөгән килешеүҙе боҙған һәм Мин әйткәндәрҙе тыңламаған өсөн, инде Мин Йушағтың вафатынан һуң бында ҡалған ҡәүемдәрҙең береһен дә ҡыумайым. Исраилдарҙың Раббы юлынан, элек ата-бабалары тотҡан юлдан, йөрөймө-юҡмы икәнен һынар өсөн, Раббы был халыҡтарҙы ҡыуманы, Йушағтың ҡулына тапшырмайынса, уларҙы был ерҙә ҡалдырҙы. Бына Раббы Ҡәнғәнде яулап алыуҙа ҡатнашмаған исраилдарҙы һынар өсөн илдә ҡалдырған ҡәүемдәр. Раббы бары тик исраилдарҙың яулап алыуҙа ҡатнашмаған быуындарын һуғыш һөнәренә өйрәтер өсөн түбәндәге ҡәүемдәрҙе ҡалдырғайны: биш пелешти бейе, Ливан тауҙарында, Бәғел-Хермон тауынан алып Лево-Хамаҫҡа тиклем, йәшәгән барлыҡ ҡәнғәниҙәр, сидондар һәм хиууиҙәр. Улар ярҙамында Раббы Үҙ халҡы Исраилды һынап, Муса аша ата-бабаларына биргән бойороҡтарҙы яңы быуындың үтәү-үтәмәүен күрмәксе була. Шулай итеп, исраилдар ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, әмөриҙәр, перизиҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр араһында йәшәне, уларҙың ҡыҙҙарын кәләш итеп алды һәм үҙҙәренең ҡыҙҙарын уларҙың улдарына бирҙе, илаһтарына табына башланы. Исраил халҡы Раббы күҙендә яман булғанды ҡылды – Аллалары Раббыны онотоп, Бәғел һәм Ашера боттарына табынды. Бының өсөн Раббының Исраилға асыуы ҡабарҙы, һәм Ул исраилдарҙы Арам-Наһараим батшаһы Кушан-Ришғаҫаим ҡулына тапшырҙы. Исраил халҡы һигеҙ йыл Кушан-Ришғаҫаим хакимлығы аҫтында булды. Исраилдар ярҙам һорап Раббыға ялбарғас, Раббы уларға ҡотҡарыусы итеп Ғоҫниилды, Калевтың ҡустыһы Ҡыназдың улын, ебәрҙе һәм ул уларҙы ҡотҡарҙы. Ғоҫниилға Раббы рухы иңде һәм ул Исраилдың хакимы булды. Ғоҫниил яуға сыҡты. Раббы Арам батшаһы Кушан-Ришғаҫаимды уның ҡулына тапшырҙы һәм Ғоҫниил уны еңде. Илдә ҡырҡ йылға тыныслыҡ урынлашты. Шунан Ҡыназ улы Ғоҫниил вафат булды. Исраил халҡы яңынан Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла башланы, шуға күрә Раббы Моав батшаһы Ғәғлонға исраилдарҙы еңергә ҡеүәт бирҙе. Ғәғлон үҙ тирәһенә ғаммондарҙы һәм ғәмәлектәрҙе туплап, исраилдарға һуғыш менән барҙы, тегеләрҙе еңеп, Хөрмәләр ҡалаһын ҡулға төшөрҙө. Исраил халҡы ун һигеҙ йыл буйы Моав батшаһы Ғәғлон хакимлығы аҫтында булды. Исраилдар ярҙам һорап Раббыға ялбарҙы, һәм Раббы Исраил халҡына ҡотҡарыусы итеп Бинйәмин ырыуынан Гераның улы Эһудты ҡуйҙы. Эһуд һулаҡай ине. Исраил халҡы Эһуд аша Моав батшаһы Ғәғлонға яһаҡ ебәрҙе. Эһуд үҙенә оҙонлоғо бер терһәк булған, ике яғы ла үткер ҡылыс эшләп алды, уны уң яҡтан кейеме аҫтына ҡыҫтырҙы. Эһуд яһаҡты алып Моав батшаһы Ғәғлонға килде. Ғәғлон бик һимеҙ кеше ине. Эһуд, бүләктәрҙе тапшырғас, уларҙы күтәреп килтерешкән кешеләрҙе оҙата китте. Әммә, Гилгалдағы боттар тәңгәленә еткәс, кире боролдо. Ул Ғәғлонға: – Эй батша, минең һиңә әйтер серем бар, – тип мөрәжәғәт итте. – Шым, – тине уға Ғәғлон. Уның эргәһендә торған кешеләр бүлмәнән сыҡты. Эһуд, батшаның өҫкө ҡатта урынлашҡан бүлмәһенә күтәрелеп: – Минең һиңә Алла һүҙен еткерәһем бар, – тине. Ғәғлон ултырған урынынан торҙо. Шул саҡ Эһуд һул ҡулын һуҙып, уң яҡ биленә ҡыҫтырылған ҡылысын тартып алды ла уны Ғәғлондың эсенә ҡаҙаны. Ҡылыс һабы менән ҡуша тегенең эсенә керҙе һәм икенсе осо арҡаһынан килеп сыҡты. Ҡылысты эс майы ҡапланы. Эһуд ҡылысты Ғәғлондың эсенән тартып алманы. Шунан ул алғы яҡҡа сыҡты ла өҫкө ҡаттағы бүлмә ишеген үҙе артынан бикләп ҡуйҙы. Ул сығып киткәс, Ғәғлондың хеҙмәтселәре килеп ҡараһалар, өҫкө ҡаттағы бүлмәнең ишеге бикле. – Күрәһең, үҙ хәжәте менән һалҡын бүлмәлә ултыра торғандыр, – тиеште хеҙмәтселәр. Байтаҡ көтөп борсола башлағас, бер кемдең дә ишек асмағанын күреп, асҡыс килтерҙеләр һәм үҙҙәре ишекте асты. Ҡараһалар, хужалары ерҙә үлеп ята. Хеҙмәтселәр һуҙмаңлап торған арала, Эһуд ҡасып өлгөрҙө, боттар эргәһенән үтеп, Сеғирә ҡалаһына барып йәшенде. Шунда килеп еткәс, Әфраим таулығында үҙенең мөгөҙ борғоһон ҡысҡыртты. Шунан Исраил халҡы уның менән бергә тауҙарҙан төштө. Уларҙың башында Эһуд ине. – Тиҙерәк минең арттан! – тине Эһуд. – Раббы дошмандарығыҙ моавтарҙы һеҙҙең ҡулығыҙға тапшыра! Халыҡ, Эһуд артынан эйәреп, Иордан аша Моавҡа сыға торған кисеүҙәрҙе баҫып алды, бер кемгә лә аръяҡҡа сығырға мөмкинлек бирмәне. Ошо бәрелештә улар моавтарҙың ун меңгә яҡын типһә тимер өҙөрлөк ир-атын ҡырып һалды; бер кем дә ҡасып ҡотола алманы. Ул көндө моавтар Исраилға ана шулай буйһондо. Илдә һикһән йылға тыныслыҡ урынлашты. Унан һуң Ғанаҫ улы Шамгар хаким булды. Бер ваҡыт ул алты йөҙ пелешти кешеһен үгеҙ ҡыуа торған тимер осло күҫәк менән һуғып үлтерҙе. Ул да Исраилды ҡотҡарҙы. Эһуд вафат булғас, Исраил халҡы йәнә Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла башланы. Раббы уларҙы Хасорҙа батшалыҡ иткән Ҡәнғән батшаһы Явин ҡулына тапшырҙы. Харошәҫ-Һаггоимда ғүмер һөргән Сисера уның ғәскәр башлығы ине. Исраил халҡы ярҙам һорап Раббыға ялбарҙы, сөнки туғыҙ йөҙ тимер яу арбаһы булған Явин исраилдарҙы егерме йыл буйы аяуһыҙ иҙҙе. Ул саҡта Исраилда Лаппидоҫтың ҡатыны Девора пәйғәмбәр хаким ине. Ул Әфраим таулығында Рама менән Бейт-Ил ҡалалары араһында үҫкән Девора хөрмәһе аҫтында ултырыр, үҙенә килгән исраилдарҙың дәғүәләрен хәл итер булды. Девора бер көндө, кеше ебәреп, Нафтали ырыуы биләмәһендәге Ҡәдәш ҡалаһынан Авиноғам улы Бараҡты саҡыртып алды: – Исраилдың Аллаһы Раббы һиңә былай тип бойора: «Үҙең менән Нафтали һәм Зевулун ырыуҙарынан ун мең кеше алып, Тавор тауына менеп баҫ. Явиндың ғәскәр башлығы Сисераны Мин яу арбалары һәм күп һанлы ғәскәре менән алдыңа, Ҡишон йылғаһына алып килеп, һинең ҡулыңа тапшырырмын». Бараҡ Девораға: – Әгәр һин минең менән барһаң, барам, һин бармаһаң, бармайым, – тине. – Барыуын-барырмын, – тип яуапланы Девора. – Тик шуны ла бел: был юл һиңә дан килтермәйәсәк, сөнки Раббы Сисераны ҡатын кешенең ҡулына тапшырасаҡ. Шулай итеп, Девора Бараҡ менән бергә Ҡәдәшкә йүнәлде. Бараҡ Зевулун һәм Нафтали ырыуы кешеләрен Ҡәдәшкә барырға саҡырҙы. Уның артынан ун мең кеше эйәрҙе. Девора ла улар менән барҙы. Шул осорҙа ҡыниҙарҙан – Мусаның ҡайныһы Ховавтың нәҫеленән – Хәвәр тигән кеше, ырыуҙаштарынан айырылып, сатырын Ҡәдәш эргәһендә, Сағананнимдағы ҙур имән төбөндә ҡорғайны. Сисераға Авиноғам улы Бараҡтың Тавор тауына күтәрелеүен еткерҙеләр. Сисера бөтә яу арбаларын – туғыҙ йөҙ тимер яу арбаһын – алып, үҙенең бөтә ғәскәрен Харошәҫ-Һаггоимдан Ҡишон йылғаһы буйына йүнәлтте. Девора Бараҡҡа былай тине: – Әйҙә, алға! Раббы Сисераны һинең ҡулыңа тапшыра торған көн был. Раббы Үҙе һинең алдан бара! Бараҡ ун мең кешелек ғәскәре менән Тавор тауынан төштө. Бараҡ һөжүм иткәс, Раббы Сисераға, яу арбаларындағы һуғышсыларға, бөтә яугирҙәргә дәһшәт һалды. Сисера, яу арбаһынан төшә һалып, йәйәү ҡасып ҡотолдо. Бараҡ дошмандың яу арбаларын һәм ғәскәрен Харошәҫ-Һаггоимғаса баҫтырҙы. Сисераның бөтә яугирҙәре ҡылыстан үткәрелде, бер кешеһе лә ҡалманы. Сисера үҙе йәйәү ҡасып, ҡыни Хәвәрҙең ҡатыны Яғылдың сатырына килеп керҙе, сөнки Хасор батшаһы Явин менән ҡыни Хәвәр нәҫеле татыу ине. Яғыл Сисераны ҡаршы алып: – Ин, әфәндем, ин беҙгә, ҡурҡма, – тине. Сисера эскә инде һәм Яғыл уның өҫтөнә балаҫ ябып ҡуйҙы. Сисера унан: – Әҙерәк һыу бир әле, һыуһаным, – тип һораны. Яғыл, һөтлө турһыҡты сисеп, уға һөт эсерҙе лә йәнә балаҫты уның өҫтөнә ябып ҡуйҙы. – Сатыр ауыҙына сығып тор, – тине Сисера Яғылға. – Килеп: «Унда берәйһе бармы?» – тип һораһалар, «Юҡ», – тип әйтерһең. Хәвәрҙең ҡатыны Яғыл, бер ҡулына сатырҙың осло ҡаҙығын, икенсе ҡулына сүкеш алып, һиҙҙермәй генә Сисераның янына килде лә ҡаҙыҡты тегенең сикәһенән ергә ҡуша ҡаҙаны. Сисера был мәл арыуҙан йоҡлай ине. Ана шулай үлде Сисера. Яғыл Сисераны баҫтырып килгән Бараҡҡа ҡаршы сығып: – Әйҙә ин, һин эҙләгән кешене күрһәтәм, – тине. Бараҡ сатырға инде. Ҡараһа, Сисера үлеп ята, сикәһенә ҡаҙыҡ ҡаҙалған. Алла ул көндө Ҡәнғән батшаһы Явинды Исраил халҡына буйһонорға мәжбүр итте. Исраил халҡы ҡыҫырыҡлағандан-ҡыҫырыҡлай барып, Ҡәнғән батшаһы Явинды бөтөнләй юҡ итте. Шул көндө Девора менән Авиноғам улы Бараҡ ошо йырҙы йырланы: «Исраил башлыҡтары юл башлағанға, Халыҡ үҙ теләге менән эйәргәнгә Раббы мөбәрәк булһын! Ишетегеҙ, батшалар! Ҡолаҡ һалығыҙ, хакимдар! Мин Раббыға дан йырлайым, Исраил Аллаһы Раббы хаҡында көйләйем. Һин, Раббым, Сеғирҙан сыҡҡанда, Эдом иленән килгәндә, Ер тетрәнде, Күктән ямғыр ҡойҙо – Болоттар һыу булып аҡты. Синай Раббыһы, Исраил Аллаһы Раббы алдында Тауҙар ҡалтырап торҙо. Ғанаҫ улы Шамгар дәүерендә, Яғыл заманында юлдар бушап ҡалды, Юлсы урауҙан йөрөргә мәжбүр булды, Исраилдың етәкселәре ҡалманы. Шулай булды һин, Девора, Исраилдың әсәһе, күтәрелгәнсе! Яңы илаһтар һайлағас, Һуғыш ҡала ҡапҡаһы алдына килде. Шул саҡ ҡырҡ меңлек Исраил халҡы ҡулында Ҡалҡан да, һөңгө лә күренмәне. Күңелем Исраилдың ғәскәр башлыҡтары, Үҙ теләге менән яуға күтәрелгән халыҡ менән! Раббы мөбәрәк булһын! Аҡ ишәктәргә атланып, Келәм өҫтөнә ултырып йөрөгәндәр, Юлдарҙан йәйәүләп барыусылар, Маҡтау йырлағыҙ! Ҡоҙоҡ янында һыу биреүселәр тауышы: Унда Раббының еңеүҙәре, Исраил башлыҡтары еңеүҙәре тураһында йырлайҙар. Шул саҡ Раббы халҡы ҡапҡаларға ынтылды. Ҡалҡ, Девора, ҡалҡ! Ҡалҡ та йырла! Тор, Бараҡ! Әсирҙәреңде алып кит, Авиноғам улы! Тере ҡалғандар шунда баһадирҙар янына килде, Раббы халҡы Уның янына йыйылды – Һуғышсылар килде! Әфраимдан Ғәмәлек еренә ереккәндәр килде, Һинең артыңдан, Бинйәмин, һинең халҡың араһында! Махир нәҫеленән килде ғәскәр башлыҡтары, Зевулундан – хакимлыҡ таяғын тотҡандар. Исасхар башлыҡтары – Девора менән! Исасхар Бараҡҡа тоғро – Уның артынан үҙәнгә һөжүм итте! Рәүвән ырыуы иһә тәрән уйҙа. Ниңә һин, Рәүвән, һарыҡ аҙбарҙары араһында Һыбыҙғы көйө тыңлап ултыраһың? Эйе, Рәүвән ырыуы уйға батҡан! Ғилғәд халҡы Иордан йылғаһы аръяғында йәшәп ҡалды, Дан үҙ караптары эргәһендә тотҡарланды, Ашер диңгеҙ ярында, ҡултыҡтар буйында урынлашты. Ә Зевулун ғәскәре үлемдән ҡурҡманы, Йәнен аяманы Нафтали улдары яу ҡырында. Бына батшалар алышҡа сыҡты, Тағанахта, Мегиддо һыуҙары янында Ҡәнғән батшалары һуғышты, Тик уларға көмөш тәтемәне! Күктән йондоҙҙар ҙа һуғышты, Үҙ юлдарында йөрөп, Сисера менән көрәште! „Мероз ҡалаһын ләғнәтлә! – тине Раббы фәрештәһе. – Унда йәшәүселәрҙе ҡарға! Улар Раббыға ярҙамға килмәнеләр. Баһадирҙарға ҡаршы алышҡа Ярҙамға килмәнеләр Раббыға“. Ҡатын-ҡыҙҙар араһынан Яғылға, Ҡыни ырыуынан Хәвәрҙең ҡатынына шөкөр. Сатырҙарҙа йәшәгән ҡатындар араһында Ул иң фатихалы булһын. Һыу һорағас, һөт килтерҙе, Затлыларға лайыҡлы һауытта тәмле һөт. Ҡулын ул сатыр ҡаҙығына һуҙҙы, Икенсе ҡулына сүкеш алып, Сисераға ҡундырҙы! Уның башын һуғып ярҙы, Сикәһен тишеп ебәрҙе. Яғылдың аяҡ аҫтына ауҙы Сисера, Ергә йығылды. Ҡайҙа йығылһа, шунда йән бирҙе. Сисераның әсәһе тәҙрәнән тышҡа ҡарай, Күҙҙәрен ала алмай илай-һамаҡлай: „Ниңә уның яу арбалары һаман күренмәй, Тояҡ тауыштары ишетелмәй?“ Һарайҙың зирәк ҡатындары яуап ҡайтара, Үҙе лә улар әйткәненә ышана: „Моғайын, улар яумал йыя, бүлешәлер, Һәр яугиргә – берәр, ә бәлки, икешәр ҡыҙ. Сисераға биҙәкле туҡымалар, Сағыу сигеүле туҡымалар, Әсирҙән систереп алған Биҙәкле матур кейемдәр“. Эй Раббым! Дошмандарың барыһы Ошо рәүешле ҡырылһын! Ә Һине яратҡандар көскә тулышып Ҡалҡып килгән ҡояш һымаҡ булһын!» Илдә ҡырҡ йылға тыныслыҡ урынлашты. Исраил халҡы йәнә Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла башланы, һәм Раббы уларҙы ете йылға мидйәндәр ҡулына тапшырып ҡуйҙы. Мидйәндәрҙең йәбер-золомо арҡаһында Исраил халҡы ҡаялар араһында, мәмерйәләрҙә һәм нығытмалы урындарҙа йәшенеп йөрөнө. Исраилдар сәсеү эштәрен тамамлауға, мидйәндәр, ғәмәлектәр һәм башҡа көнсығыш халыҡтары Исраилға баҫып инә лә, сатырҙар ҡороп урынлашып ала, Газа ҡалаһына тиклем бөтә уңышты юҡ итә, исраилдарға ашарға ризыҡ та, эре мал менән ваҡ мал да, ишәк тә ҡалдырмай. Был халыҡтар үҙ малы, сатырҙары менән, саранча һымаҡ, ер баҫып килә, уларҙың үҙҙәренең дә, дөйәләренең дә иҫәбенә-һанына сығырлыҡ түгел. Исраил ерен талап, уны иңләп-буйлап йөрөйҙәр. Исраил халҡы мидйәндәр арҡаһында хәйерсе көнөнә төштө һәм Раббыға ярҙам һорап ялбарҙы. Исраил халҡы мидйәндәрҙән яҡлау һорап Раббыға ялбарғас, Раббы Исраил халҡына бер пәйғәмбәр ебәрҙе. Пәйғәмбәр уларға былай тине: – Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Мин һеҙҙе Мысырҙан, ҡоллоҡ йортонан, алып сыҡтым. Һеҙҙе мысырҙарҙың ҡулынан, бөтә иҙеүселәрҙең ҡулынан ҡотҡарҙым, уларҙы алдығыҙҙан ҡыуып ебәреп, ерҙәрен һеҙгә бирҙем. Һеҙгә: „Мин һеҙҙең Аллағыҙ Раббы! Үҙегеҙ йәшәгән әмөриҙәр ерендә уларҙың илаһтарына табынмағыҙ!“ – тинем. Һеҙ иһә әйткәндәремде тыңламанығыҙ». Бер ваҡыт Раббы фәрештәһе Ғофрала Авиғәзәр нәҫеленән булған Йоаштың биләмәһендә үҫкән имән төбөнә килеп ултырҙы. Йоаштың улы Гидғон был мәлдә йөҙөм һыҡҡыс соҡорҙа мидйәндәрҙән йәшереп бойҙай һуға ине. Раббы фәрештәһе уға күренеп: – Эй ҡаһарман һуғышсы! Раббы һинең менән! – тине. Быға Гидғон: – Эй хакимым, Раббы беҙҙең менән икән, ниңә беҙ был көнгә төштөк? Уның ата-бабаларыбыҙ һөйләгән хикмәттәре ҡайҙа? Улар бит: «Раббы беҙҙе Мысырҙан алып сыҡты», – тип һөйләй торғайны. Хәҙер килеп Раббы беҙҙе ташланы, беҙҙе мидйәндәр ҡулына биреп ҡуйҙы. Шунда Раббы уға табан боролдо ла: – Әйҙә, үҙеңдә булған көсөң менән барып исраилдарҙы мидйәндәр ҡулынан ҡотҡар, Мин һине Үҙем ебәрәм, – тине. – Эй бөйөк Хакимым! Исраилды мин нисек ҡотҡарайым? – тип ҡаршы төштө Гидғон. – Нәҫелем дә менашшелар ырыуында иң ярлыһы, үҙем дә атам йортонда иң кесеһемен. Раббы уға: – Мин һинең менән булырмын, һин мидйәндәрҙе бер кешене юҡ иткәндәй еңерһең, – тине. Быға Гидғон: – Әгәр күңелеңә хуш килгәнмен икән, минең менән ысынлап та Һин һөйләшкәнде белдергән берәй билдә бир, – тине. – Һиңә бүләгемде алдыңа һалғансы бер ҡайҙа ла китмәй тор. – Ярай, – тип яуапланы ҡунаҡ, – һин әйләнеп килгәнсе ултырып торормон. Гидғон ҡайтып кәзә бәрәсе салды, бер эфа ондан сөсө икмәк бешерҙе. Итте кәрзингә һалды, ә һурпаны көршәккә ҡойоп, имән төбөнә ҡунаҡҡа килтереп бирҙе. Алла фәрештәһе уға: – Ит менән сөсө икмәгеңде бынау таш өҫтөнә һал да, һурпаны уларҙың өҫтөнә түк, – тине. Гидғон шулай эшләне. Раббы фәрештәһе ҡулындағы таяҡ осо менән иткә һәм сөсө икмәккә ҡағылғайны, таштан ут сыҡты. Ут ит менән сөсө икмәкте яндырҙы. Шунан Раббы фәрештәһе күҙҙән юғалды. Гидғон уның Раббы фәрештәһе булғанын аңланы ла: – Эй Раббым Хакимым! Раббы фәрештәһен йөҙмә-йөҙ күрҙем бит, – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Раббы уға: – Имен булырһың, ҡурҡма, үлмәҫһең, – тине. Гидғон ошо урында Раббыға ҡорбан усағы ҡорҙо һәм уны «Йәһүә-Шалом » тип атаны. Ул ҡорбан усағы Авиғәзәр нәҫеленең биләмәһендәге Ғофрала әле лә бар. Шул төндө Раббы Гидғонға былай тине: – Атайыңдың көтөүенән икенсе ете йәшлек үгеҙҙе ал. Атайыңдың Бәғелгә табына торған ҡорбан усағын емер, уның эргәһендәге Ашера ҡолғаһын ҡырҡып ташла. Ошо ҡалҡыулыҡтың башында Аллаң Раббыға лайыҡлы ҡорбан усағы төҙө. Шунан Ашераның үҙең ҡырҡып ташлаған ҡолғаһын яғып, ете йәшлек үгеҙҙе тотош яндырыу ҡорбаны итеп килтер. Гидғон, хеҙмәтселәренән ун кеше алып, Раббы үҙенә нисек әйткән, шулай эшләне. Ләкин, үҙенең ғаиләһенән һәм ҡала кешеләренән ҡурҡҡанға күрә, быны төнөн башҡарҙы. Иртәнсәк ҡала халҡы йоҡонан торһа – Бәғелгә ҡуйылған ҡорбан усағы емерелгән, уның эргәһендәге Ашера ҡолғаһы ҡырҡылған, яңы ҡоролған ҡорбан усағында ҡорбан үгеҙе яндырылған. Улар бер-береһенән: – Быны кем эшләне икән? – тип һорай башланылар. Эҙләй, һораша торғас, быны Йоаш улы Гидғон эшләгәнен асыҡланылар. Ҡала кешеләре Йоашҡа: – Улыңды алып кил. Ул Бәғелгә ҡуйылған ҡорбан усағын емергән, уның эргәһендәге Ашера ҡолғаһын ҡырҡып ташлаған өсөн үлергә тейеш, – тинеләр. Йоаш үҙен уратып алған кешеләргә: – Һеҙгәме һуң Бәғелде араларға, һеҙгәме һуң уны яҡларға? Кем дә кем Бәғелде яҡлап сыға, таңға тиклем үлемгә дусар буласаҡ. Әгәр ул ысынлап та алла икән, үҙенең ҡорбан усағын емергән кешенән үҙе һаҡлаһын. Бәғелдең ҡорбан усағын емергән өсөн, кешеләр: «Бәғел унан үҙе һаҡланһын», – тип, ошо көндән Гидғонды Йеруббәғел тип йөрөтә башланылар. Шул арала барлыҡ мидйәндәр, ғәмәлектәр һәм башҡа көнсығыш халыҡтары берләште лә, Иорданды кисеп сығып, Изреғил үҙәнендә туплам булып торҙо. Гидғонға Раббы рухы иңде. Гидғон мөгөҙ борғо ҡысҡыртты һәм Авиғәзәр нәҫеле йыйылышып уға эйәрҙе, Менашше ырыуының бөтә ерҙәренә илселәр ебәрҙе, уларҙы ла эргәһенә йыйҙы. Шулай уҡ Ашер, Зевулун һәм Нафтали ырыуҙарына ла илселәр юлланылар. Улар ҙа Гидғонға килеп ҡушылды. Гидғон Аллаға былай тине: – Үҙең әйткәнсә, Исраилды минең ҡулым менән ҡотҡарырға булһаң, мин бына ошонда, ырҙында, яңы ҡырҡылған һарыҡ йөнө йәйәм. Әгәр ҙә йөн өҫтөндә генә ысыҡ булып, ер ҡоро ҡалһа, Үҙең миңә вәғәҙә иткәнсә, Исраилды минең ҡулым менән ҡотҡарырыңды белермен. Шулай булды ла. Гидғон иртәгәһенә иртүк тороп, ул йөндө һыға башланы һәм йөндән бер туҫтаҡ һыу сыҡты. Гидғон Аллаға йәнә былай тине: – Миңә асыуланма инде, тағы бер генә нәмә һорарға рөхсәт ит. Йөн менән тағы бер һынау үткәрәйем: тотош ер өҫтөнә ысыҡ төшөп, йөн генә ҡоро ҡалһын. Алла был төндә нәҡ шулай эшләне: йөн ҡоро ҡалды, ә тотош ер өҫтөнә ысыҡ төштө. Йеруббәғел, йәғни Гидғон, һәм уның менән бергә булған бар халыҡ, таңдан тороп, Харод инеше буйына туплам булып урынлашты. Мидйәндәр тупламы уларҙан төньяҡтараҡ, Море тауы янында, үҙәндә ине. – Яугирҙәрең артыҡ күп, – тине Раббы Гидғонға. – Мин мидйәндәрҙе уларҙың ҡулына бирмәйем, юҡһа исраилдар Минең алдымда: «Беҙ үҙебеҙҙе үҙебеҙ ҡотҡарҙыҡ», – тип маһайыр. Халыҡҡа иғлан ит: кем дә кем ҡурҡып ҡалтырай, Ғилғәд тауын ташлап ҡайтып китһен! Шунан егерме ике мең яугир ҡайтып китте, ун мең кеше ҡалды. Раббы Гидғонға: – Кеше һаман да күп әле. Ҡалғандарҙы һыу буйына алып төш, шунда Мин уларҙы һиңә һайлап бирермен. «Был һинең менән барыр», – тип әйткәнем һинең менән барыр, «Был һинең менән бармаҫ», – тигәнем һинең менән бармаҫ. Гидғон халыҡты һыу буйына алып төштө. Раббы уға былай тине: – Кем дә кем һыуҙы эт һымаҡ теле менән ялап эсә, шуны айырым ҡуй, шулай уҡ тубыҡланып эскәндәрҙе лә айырым баҫтыр. Һыуҙы усынан ялап эскәндәр өс йөҙ кеше ине. Ҡалғандары һыуҙы теҙләнеп эсте. Раббы Гидғонға былай тине: – Мин һеҙҙе һыуҙы эт һымаҡ эскән өс йөҙ кеше менән ҡотҡарырмын һәм мидйәндәрҙе ҡулығыҙға тапшырырмын. Ҡалғандары иһә өйҙәренә таралһын. Гидғон өс йөҙ кешене генә алып ҡалды ла, ҡалған исраилдарҙы сатырҙарына ҡайтарып ебәрҙе. Был өс йөҙ кеше ҡайтып киткәндәрҙең ашамлығын һәм мөгөҙ борғоларын алып ҡалды. Мидйәндәрҙең тупламы аҫта, үҙәндә ине. Шул төндө Раббы Гидғонға: – Бар, мидйәндәр тупламына һөжүм ит. Мин уларҙы һинең ҡулыңа тапшырам, – тине. – Бер үҙең төшөргә ҡурҡһаң, үҙең менән хеҙмәтсең Пураны ал. Унда нимә һөйләшкәндәрен ишетерһең, шул саҡта рухың нығыр, һәм һин тупламға һөжүм итерһең. Гидғон хеҙмәтсеһе Пура менән тупламдағы ҡораллы һаҡсылар эргәһенә төштө. Мидйәндәр, ғәмәлектәр һәм көнсығыш халҡы үҙәндә саранча һымаҡ күмәк ине. Дөйәләре лә диңгеҙ ярындағы ҡом шикелле иҫәпһеҙ-һанһыҙ. Гидғон яҡыныраҡ килде лә ҡолаҡ һалды. Бына бер кеше икенсеһенә төшөн һөйләй: – Бер төш күрҙем, – ти. – Арпа ононан бешерелгән бер йоморо икмәк мидйәндәр тупламы буйлап тәгәрәп йөрөй, имеш. Шунан ул сатырға килеп бәрелде лә, уны ауҙара һуҡты. Сатыр таралып төштө. Тыңлап ултырғаны уға: – Был, моғайын, Исраилдан Йоаш улы Гидғондың ҡылысылыр. Алла мидйәндәр менән уларҙың тупламын уның ҡулына тапшыра булыр. Гидғон, һөйләгән төштө һәм уны юрауҙы ишетеп, Раббыға сәждә ҡылды ла исраилдар тупламына әйләнеп ҡайтты һәм: – Тороғоҙ, Раббы мидйәндәр тупламын һеҙҙең ҡулға тапшыра, – тине. Өс йөҙ кешене өскә бүлеп, уларҙың һәр береһенең ҡулына мөгөҙ борғо һәм буш балсыҡ көршәк тотторҙо, көршәк эсенә яҡтыртҡыстар ҡуйҙырҙы. Уларға: – Миңә ҡарағыҙ ҙа, нимә эшләһәм, шуны эшләгеҙ, – тине. – Дошман тупламы янына килеп еткәс, һеҙ мин нимә эшләйем, шуны эшләгеҙ. Мин һәм минең янымдағылар борғо ҡысҡырта башлаһаҡ, һеҙ ҙә, тупламды уратып, борғо ҡысҡыртығыҙ ҙа: «Раббы һәм Гидғон өсөн!» – тип ҡысҡырығыҙ. Төн уртаһында, дошман тупламында һаҡсылар алмашынғандан һуң, Гидғон һәм уның менән йөҙ кеше тупламға яҡынлашты. Улар мөгөҙ борғоларын ҡысҡырта, ҡулдарындағы көршәктәрен вата башланы. Өс төркөм дә борғо ҡысҡыртырға тотондо, көршәктәрен бәреп ватты! Һул ҡулдарына яҡтыртҡыстарын, уң ҡулдарына мөгөҙ борғоларын тотҡандар: «Раббы өсөн, Гидғон өсөн ҡылыс!» – тип һөрәнләне. Тупламды уратып баҫтылар, һәр береһе үҙ урынында торҙо. Ә тупламдағылар йүгерешә, ҡысҡырыша башланы һәм ҡасырға кереште. Өс йөҙ кеше борғо ҡысҡыртҡан арала Раббы бөтә тупламдағыларҙың ҡылысын бер-береһенә ҡаршы йүнәлтте. Шунан мидйән ғәскәрҙәре Серераға табан – Бейт-Һашиттаға табан ҡасырға тотондо. Улар Таббаҫ эргәһендәге Авел-Мехола ҡалаһының сигенә еткәнсе ҡасты. Нафтали, Ашер һәм бөтә Менашше ырыуынан саҡырылған исраилдар мидйәндәр артынан ҡыуа төштө. Гидғон иһә бөтә Әфраим таулығына илселәр ебәрҙе: – Тауҙарығыҙҙан төшөп мидйәндәргә ҡаршы сығығыҙ. Бейт-Бараға тиклем Иордан буйҙарын ҡулда тотоғоҙ! Бөтә әфраимдар, йыйылып, Иордан буйҙарын Бейт-Бараға тиклем ҡулда тотто. Мидйәндәрҙең Ғорев һәм Зеев исемле ике башлығын тотоп, Ғоревты – Ғорев ҡаяһында, Зеевты Зеев йөҙөм һыҡҡысында үлтерҙеләр һәм артабан мидйәндәрҙе ҡыуа киттеләр. Ғорев менән Зеевтың баштарын Иордан аръяғынан Гидғонға алып килеп бирҙеләр. Әфраимдар: – Ниңә мидйәндәргә ҡаршы һуғышҡа сыҡҡаныңда беҙҙе саҡырманың? – тип Гидғонға ныҡ үпкәләнеләр. Гидғон уларға: – Һеҙҙең эшегеҙ менән сағыштырғанда, минең эшем нимә генә ул? – тип ҡаршы төштө. – Әфраим йыйған ҡалдыҡ йөҙөм Авиғәзәрҙең бөтә йөҙөм уңышынан артығыраҡ түгелме? Мидйән башлыҡтары Ғорев менән Зеевты Алла һеҙҙең ҡулға тапшырҙы, һеҙҙең менән сағыштырғанда, мин ул тиклем нимә эшләй алдым? Гидғон шулай тигәндән һуң, уларҙың асыуы баҫылды. Гидғон өс йөҙ кешеһе менән Иордан буйына килеп, йылғаны аша сыҡты. Улар хәлдән тайған булһалар ҙа, дошманды баҫтырыуҙарын дауам итте. Гидғон Суккоҫ халҡына: – Минең кешеләремә икмәк бирегеҙ әле, улар бик арыған, – тине. – Беҙ Мидйән батшалары Зәвах менән Салмуннағты эҙәрләп китеп барабыҙ. Әммә Суккоҫ түрәләре: – Һинең ғәскәреңде нимә тип ашатайыҡ беҙ? Ә һин Зәвах менән Салмуннағты ҡулыңа төшөрҙөңмө әле? – тип яуап ҡайтарҙы. – Раббы Зәвах менән Салмуннағты минең ҡулға тапшырғандан һуң, һеҙҙе сәнскеле ҡыуаҡ сыбығы менән һуҡтырасаҡмын, – тине Гидғон. Бынан ул Пенуилға китте һәм унда йәшәүселәргә лә шул уҡ үтенес менән мөрәжәғәт итте. Пенуил халҡы ла Суккоҫ кешеләре һымаҡ яуап бирҙе. Гидғон Пенуил кешеләренә: – Еңеп ҡайтҡандан һуң, был манарағыҙҙы емерәм, – тип әйтеп китте. Зәвах һәм Салмуннағ ун биш меңлек ғәскәр менән Ҡарҡорҙа ине. Көнсығыш халыҡтары ғәскәренән йөҙ егерме мең һуғышсы һәләк булып, ошо хәтле генә яугир ҡалғайны. Гидғон Новах менән Йогбеһаның көнсығышындағы күсмә халыҡтар юлынан барып, тупламда вайымһыҙ йөрөп ятҡан дошман ғәскәренә һөжүм итте. Зәвах менән Салмуннағ ҡасып китте, Гидғон иһә улар артынан ҡыуа төштө. Ул Мидйән батшаларының икеһен дә ҡулға алып, бөтә ғәскәрҙең ҡотон осорҙо. Йоаш улы Гидғон Хәрәс тарлауығы буйлап һуғыштан ҡайтып килешләй, Суккоҫта йәшәгән бер йәш егетте тотоп алды ла, унан Суккоҫ түрәләре менән аҡһаҡалдары тураһында һораны. Егет етмеш ете кешенең исемен яҙҙырҙы. Шунан Гидғон, Суккоҫ халҡына килеп: – Бына Зәвах менән Салмуннағ! Ә һеҙ: «Зәвах менән Салмуннағты ҡулыңа төшөрмәгәс, беҙ һинең хәлдән тайған кешеләреңде ниңә ашатайыҡ?» – тип минән көлгәйнегеҙ. Ул ҡаланың аҡһаҡалдарын ҡулға алырға бойорҙо, ҡала кешеләрен сәнскеле ҡыуаҡ сыбығы менән һуҡтырҙы. Пенуилдағы манараны емереп, ҡалала йәшәүселәрҙе ҡырып ташланы. Зәвах менән Салмуннағтан: – Һеҙ Таворҙа үлтергән кешеләр ниндәй ине? – тип һораны. Тегеләр: – Улар һиңә оҡшаған, ҡиәфәттәре менән батша улдары һымаҡ ине, – тип яуап ҡайтарҙы. Гидғон: – Улар минең бер туғандарым, әсәйемдең улдары ине. Тере Раббы шаһит: әгәр ҙә һеҙ уларҙы иҫән ҡалдырған булһағыҙ, мин һеҙҙе үлтермәҫ инем, – тине. Унан баш балаһы Йәҫәргә: – Бар, уларҙы үлтер, – тине. Ләкин егет ҡылысын сығарманы, сөнки, әле йәш булғанлыҡтан, ҡурҡа ине. Зәвах менән Салмуннағ: – Һин беҙҙе үҙең үлтер. Кеше ниндәй, уның көсө лә шундай, – тине. Гидғон Зәвах менән Салмуннағты үлтерҙе, шунан уларҙың дөйәләренең муйынындағы ярым ай рәүешендәге биҙәүестәрҙе һалдырып алды. Исраилдар Гидғонға: – Беҙгә хакимлыҡ ит, артабан һинең улың, унан улыңдың улы хакимлыҡ итер, сөнки һин беҙҙе мидйәндәр ҡулынан ҡотҡарҙың, – тине. Гидғон уларға: – Мин һеҙгә хакимлыҡ итмәйем, минең улым да хакимлыҡ итмәйәсәк: һеҙгә Раббы хакимлыҡ итер, – тине. Шунан: – Бер генә нәмә һорайым, һәр берегеҙ миңә үҙ яумалығыҙҙан берәр һырға бирһен, – тине. Сөнки дошмандары – исмәғилдәр – алтын һырға тағып йөрөй ине. Исраилдар: – Бирәбеҙ-бирәбеҙ, – тип ергә кейем йәйеп һалды ла һәр береһе үҙ яумалынан берәр һырға ырғытты. Ул һорап алған алтын һырғаларҙың ауырлығы, ярым ай рәүешендәге биҙәүестәрҙән, мунсаҡтарҙан һәм Мидйән батшаларының ҡарағусҡыл ҡыҙыл кейемдәренән һәм уларҙың дөйәләренең муйынынан сисеп алынған алтын биҙәүестәрҙән тыш, бер мең ете йөҙ алтын шекел ине. Гидғон был алтындан эфод эшләтте лә үҙенең ҡалаһы Ғофрала урынлаштырҙы. Исраилдар, Раббыға тоғролоҡ һаҡламайынса, бында табынырға йөрөй башланы. Был эфод Гидғонға һәм уның бөтә зат-зәүеренә тоҙаҡ булды. Мидйәндәр ана шулай Исраил халҡына буйһондо, башҡаса баш күтәрмәне. Гидғон хакимлыҡ иткән заманда илдә ҡырҡ йылға тыныслыҡ урынлашты. Йоаш улы Йеруббәғел ҡайтып үҙ йортонда ғүмер итте. Уның етмеш улы бар ине, сөнки ҡатындары күп булды. Шулай уҡ Шәхәмдә йәшәгән йәриәһе лә уға малай табып бирҙе. Гидғон был улына Авимәләх тип исем ҡушты. Йоаш улы Гидғон бик ҡартайып үлде һәм Авиғәзәр нәҫеле йәшәгән Ғофрала атаһы Йоаштың төрбәһендә дәфен ҡылынды. Гидғон үлгәс, Исраил халҡы йәнә элекке ҡылыҡтарына тотондо, Раббыға тоғролоҡ һаҡламайынса, бәғелдәргә табына башланы һәм үҙҙәренә илаһ итеп Бәғел-Бериҫты эшләп ҡуйҙы. Исраил халҡы үҙҙәрен уратып алған барса дошмандарынан ҡотҡарған Аллалары Раббыны иҫкә лә төшөрмәне. Шулай уҡ Йеруббәғел, йәғни Гидғон йортона ла, уның күрһәткән яҡшылыҡтарына ҡарамай, тоғролоҡ һаҡламанылар. Йеруббәғел улы Авимәләх, Шәхәмгә үҙ әсәһенең туғандарына барып, уларға һәм уларҙың бөтә нәҫеленә былай тине: – Бөтә Шәхәм кешеләренә шуны еткерегеҙ: һеҙгә Йеруббәғелдең бөтә етмеш улы хужа булыуы хәйерлерәкме, әллә берәүһеме? Онотмағыҙ, мин һеҙҙең менән бер тән, бер йәнмен. Әсәһенең туғандары был һүҙҙәрҙе Шәхәм халҡына еткерҙе һәм улар Авимәләхте яҡлауҙы хуп күрҙе. – Ул бит беҙҙең туғаныбыҙ, – тинеләр. Шунан уға Бәғел-Бериҫ ҡорамынан етмеш шекел көмөш бирҙеләр. Авимәләх был аҡсаға эшһеҙ йөрөгән һәр төрлө әтрәгәләмде йыйып, үҙ артынан эйәртте. Ул Ғофраға – атаһының йортона килде һәм бер таш өҫтөндә үҙенең бөтә ағай-энеһен, Йеруббәғелдең етмеш улын, үлтерҙе. Йеруббәғелдең иң кесе улы Йоҫам ғына иҫән ҡалды – йәшеренеп өлгөргәйне. Бөтә Шәхәм һәм Бейт-Милло халҡы, йыйылышып, Шәхәмдәге таш бағана эргәһендәге имән төбөндә Авимәләхте батша тип иғлан итте. Йоҫам, был хаҡта ишеткәс, Геризим тауының башына менеп баҫты ла көслө тауыш менән халыҡҡа былай тип ҡысҡырҙы: – Тыңлағыҙ мине, Шәхәм кешеләре, шул сағында һеҙҙе Алла ла ишетер! Бер заман ағастар үҙҙәренә батша ҡуйырға булған. Улар зәйтүн ағасына: «Беҙҙең өҫтән батша бул», – тигәндәр. Зәйтүн ағасы уларға: «Мин илаһтарҙы һәм кешеләрҙе ҙурлай торған майымды бирмәйенсә, башҡа ағастар өҫтөнән ботаҡ һелкетеп торайыммы?» – тигән, ти. Шунан ағастар инжиргә: «Әйҙә, һин беҙҙең өҫтән батша бул», – тигәндәр. Инжир ағасы уларға: «Мин татлы һәм күркәм емеш биреүҙән туҡтап, башҡа ағастар өҫтөнән ботаҡ һелкетеп торайыммы?» – тигән. Ағастар йөҙөм ағасына: «Һин беҙҙең өҫтән батша бул», – тигәндәр. Йөҙөм ағасы уларға: «Илаһтарҙың һәм кешеләрҙең күңелен аса торған һутымды биреүҙән туҡтап, башҡа ағастар өҫтөнән тәлгәштәремде һелкетеп торайыммы?» – тигән. Аҙаҡ килеп, бөтә ағастар күгән ҡыуағына: «Әйҙә, һин беҙҙең өҫтән батша бул», – тигәндәр. Күгән ҡыуағы: «Әгәр ҙә һеҙ мине ысынлап та үҙегеҙҙең өҫтән батша итеп мәсехләйһегеҙ икән, килегеҙ, күләгәмә һыйынығыҙ. Әгәр ҙә юҡ икән, күгән ҡыуағынан ут сығыр һәм Ливан кедрҙарын ялмап йотор», – тигән. Шулай итеп, ҡарағыҙ, һеҙ Авимәләхте батша итеп ҡуйып, дөрөҫ һәм ғәҙел эшләнегеҙме? Һеҙ Йеруббәғелгә һәм уның нәҫеленә яҡшылыҡ менән яуап ҡайтарҙығыҙмы? Уның эштәренә лайыҡ эш ҡылдығыҙмы? Атайым һеҙҙең өсөн яу сапты, ғүмерен аяманы, һеҙҙе мидйәндәр ҡулынан ҡотҡарҙы. Ә һеҙ хәҙер килеп атайымдың нәҫеленә ҡаршы сыҡтығыҙ, бер таш өҫтөндә уның етмеш улын үлтерҙегеҙ һәм туғанығыҙ булған өсөн уның ҡол ҡатынының улы Авимәләхте Шәхәм кешеләренә батша итеп ҡуйҙығыҙ. Әгәр ҙә һеҙ бөгөн Йеруббәғел менән уның нәҫеленә дөрөҫ һәм ғәҙел эш ҡылған булһағыҙ, әйҙә, Авимәләх өсөн шатланығыҙ, ул да һеҙҙең өсөн шатланһын. Әгәр ҙә юҡ икән, Авимәләхтән ут сыҡһын да Шәхәм һәм Бейт-Милло халҡын ялмап йотһон. Шәхәм һәм Бейт-Милло халҡынан ут сыҡһын да Авимәләхте ялмап йотһон. Шунан һуң Йоҫам ҡасып китте, ағаһы Авимәләхтән йәшенеп, Беерға барып төпләнде. Авимәләх Исраилда өс йыл хакимлыҡ итте. Алла Авимәләх менән Шәхәм кешеләре араһына яуыз рух ебәрҙе, һәм Шәхәм кешеләре Авимәләхкә хыянат итте. Быны Алла Йеруббәғелдең етмеш улы өсөн үс алынһын һәм уларҙың ҡанының ҡоһоро ағай-энеһен үлтергән Авимәләхкә һәм уға ағай-энеһен үлтерергә ярҙам иткән Шәхәм кешеләренә төшһөн өсөн эшләне. Шәхәм кешеләре, Авимәләхте дошман күргәнлектән, тау баштарында боҫҡондар ҡора торған булды. Улар юлдан үтеп барған һәр кемде таланы. Был хаҡта Авимәләхкә хәбәр иттеләр. Ғәвәд улы Ғағал ағай-энеләре менән Шәхәмгә күсеп килде. Ул Шәхәм халҡының ышанысын ҡаҙанды. Шәхәмдәр яланға баҡсаларға барып йөҙөм йыйҙы, уны һығып, байрам ойошторҙо, үҙ илаһтарының йортонда ултырып ашаны-эсте һәм Авимәләхте һүкте. Ғәвәд улы Ғағал уларға: – Авимәләх кем ул? Ә Шәхәм халҡы кем? Нишләп беҙ Авимәләхкә хеҙмәт итергә тейеш? Ул Йеруббәғелдең улы һәм уның баш яраны Зевул түгелме? Әйҙәгеҙ, Шәхәмдең атаһы Хамор тоҡомона хеҙмәт итәйек! Ниңә беҙ Авимәләхкә хеҙмәт итәбеҙ? Әгәр ҙә был халыҡ минең ҡул аҫтымда булһа, мин Авимәләхте ҡыуып ебәрер инем! – тине. Шунан Ғағал Авимәләхкә: – Ғәскәреңде йый ҙа алышҡа сыҡ, – тип һүҙ ташланы. Ҡала башлығы Зевул, Ғәвәд улы Ғағалдың һүҙҙәрен ишетеп, бик асыуланды. Ул йәшерен рәүештә Авимәләхкә сапҡын ебәреп: «Ғәвәд улы Ғағал һәм уның ағай-энеһе Шәхәмгә килеп ҡаланы һиңә ҡаршы ҡоторта, – тип хәбәр итте. – Төндә кил дә үҙеңдең кешеләрең менән ҡырҙа боҫҡон ҡор. Ә иртәнсәк ҡояш сығыр-сыҡмаҫтан ҡалаға һөжүм ит. Ғалғал янындағы кешеләре менән һиңә ҡаршы сығыр ҙа уның менән ҡулыңдан килгәнде эшлә». Авимәләх төндә ғәскәре менән юлға сыҡты. Улар, дүрт төркөмгә бүленеп, Шәхәм эргәһендә боҫҡон булып урынлашты. Иртәнсәк, Ғәвәд улы Ғағал ҡала ҡапҡаһы янында баҫып торғанда, Авимәләх үҙенең һуғышсылары менән йәшенгән еренән сыҡты. Ғағал, уларҙы күреп, Зевулға: – Ҡара әле, тау баштарынан кешеләр төшөп килә, – тине. – Ҡуйһаңсы, – тине Зевул. – Һиңә тауҙарҙың күләгәһе кеше булып күренә торғандыр. Әммә Ғағал йәнә: – Ҡара, Ер кендегенән кешеләр төшөп килә! Тағы бер төркөм Күрәҙәселәр имәне яғынан килә ята, – тине. Шул саҡ Зевул: – «Беҙ уға хеҙмәт итергә, кем ул Авимәләх?» тип әйткән телең ҡайҙа? Һин һанға һуҡмаған кешеләр инде был. Хәҙер сыҡ та уға ҡаршы һуғыш, – тине. Шәхәм халҡы Ғағал етәксегендә Авимәләхкә ҡаршы алышҡа сыҡты. Авимәләх уларҙы ҡасырға мәжбүр итте һәм ҡала ҡапҡаһына еткәнсе баҫтырып барҙы, күптәр үлтерелде. Авимәләх Арумала урынлашты, ә Зевул Ғағалды һәм уның ағай-энеһен Шәхәмдән ҡыуып сығарҙы. Иртәгәһенә Шәхәм халҡы үҙ эштәре менән ҡырға сығырға йыйынды. Был хаҡта Авимәләхкә еткерҙеләр. Ғәскәрен өс төркөмгә бүлеп, Авимәләх уларға ҡырҙа йәшенеп торорға бойорҙо. Халыҡтың ҡаланан сыҡҡанын күреп, уларға һөжүм итте һәм үлтереп бөттө. Авимәләх етәкселек иткән төркөм ҡала ҡапҡаһы янындағы урынды ҡулға төшөрөргә ашыҡты, ҡалған ике төркөм, ҡырҙағы кешеләргә һөжүм итеп, уларҙы ҡырып ташланы. Авимәләх Шәхәм халҡы менән көнө буйы һуғышты. Ул ҡаланы яулап алды һәм унда йәшәүселәрҙе ҡырып бөтөрҙө. Ҡаланы иһә емерҙе һәм уның тупрағына тоҙ һипте. Был хаҡта ишеткәс, Шәхәм манараһындағы халыҡ Эл-Бериҫ ғибәҙәтханаһының нығытмаһына инеп йәшенде. Авимәләхкә Шәхәм манараһындағы бөтә кешеләрҙең шунда йыйылыуы хаҡында хәбәр иттеләр. Авимәләх ғәскәре менән Салмон тауына табан йүнәлде. Балта алып, ағас ботаҡтары ҡырҡҡыланы ла, иңбашына һалып, үҙе менән булған яугирҙәргә: – Минең нимә эшләгәнемде күрҙегеҙме? Һеҙ ҙә тиҙерәк шулай эшләгеҙ, – тине. Яугирҙәрҙең һәр береһе ботаҡ ҡырҡып алды һәм, Авимәләх менән бергә барып, уларҙы нығытма тирәләй өйөп һалдылар, ут төрттөләр. Шәхәм манараһында булған барлыҡ кеше – бер меңгә яҡын ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ – һәләк булды. Шунан Авимәләх Тевес ҡалаһына йүнәлде. Ҡаланы ҡамап, ҡулына төшөрҙө. Ҡала уртаһында ныҡлы бер манара бар ине. Барлыҡ ирҙәр һәм ҡатындар, бөтә ҡала кешеләре шунда инеп бикләнде һәм манараның түбәһенә менеп баҫты. Авимәләх, манара эргәһенә килеп, уға һөжүм итте. Ишек янына килеп, уға ут төртмәксе булғайны, бер ҡатын ҡул тирмәненең ташын ырғытып ебәрҙе лә Авимәләхтең башын ярҙы. Авимәләх тиҙ генә үҙенең ҡорал йөрөтөүсеһен саҡырып алды ла: – Ҡылысыңды сығар ҙа мине сәнсеп үлтер! Минең хаҡта: «Уны ҡатын кеше үлтерҙе», – тип әйтмәһендәр, – тине. Ҡорал йөрөтөүсе егет уға ҡылысы менән сәнсте, һәм Авимәләх йән бирҙе. Авимәләхтең үлгәнен күреп, исраилдар өйҙәренә таралышты. Атаһына ҡаршы енәйәт ҡылып, етмеш ағай-энеһен үлтергән Авимәләхкә Алла шулай ҡоһорон ҡайтарҙы. Шәхәм халҡының ҡылған яуызлыҡтарын да Алла уларҙың үҙ баштарына төшөрҙө. Шул рәүешле Йеруббәғел улы Йоҫамдың ҡарғышы бойомға ашты. Авимәләхтең вафатынан һуң, Исасхар тоҡомонан Додонан тыуған Пуаның улы Толағ Исраилды ҡотҡарыусы булды. Ул Әфраим таулығындағы Шамир тигән ерҙә йәшәне. Толағ егерме өс йыл Исраил хакимы булды. Вафатынан һуң Шамирҙа ерләнде. Унан һуң Ғилғәдтән Яир исемле кеше егерме ике йыл Исраил хакимы булды. Уның утыҙ улы булып, утыҙы ла ишәк менеп йөрөр ине. Улдарының утыҙ ҡалаһы була торғайны. Ғилғәд ерендәге был ҡалалар бөгөнгә тиклем Яир ауылдары тип атала. Яир вафат булғас, уны Ҡамонда ерләнеләр. Исраил халҡы һаман Раббы хуш күрмәгән яуыз эштәр ҡылыуын дауам итте, Бәғелдәргә һәм Ғаштареҫтарға, Арам, Сидон, Моав, Ғаммон, Пелешеҫ халыҡтарының илаһтарына табынды. Улар Раббыны ташланы, Уға хеҙмәт итмәне. Шуға күрә Раббының Исраилға ҡарата асыуы ҡабарҙы; Ул исраилдарҙы пелештиҙәр һәм ғаммондар ҡулына тапшырҙы. Шул йылды әлеге халыҡтар исраилдарҙы тар-мар итте һәм иҙҙе. Иордан аръяғында, әмөри ерендәге Ғилғәдтә, йәшәгән исраилдарҙы улар ун һигеҙ йыл буйы яфаланылар. Аҙаҡ килеп ғаммондар Йәһүҙә, Бинйәмин һәм Әфраим ырыуҙарына ҡаршы һуғыш алып барыр өсөн, Иордан йылғаһын кисте. Исраил халҡына ҙур бәлә килде. Исраил халҡы: – Һинең алдыңда гонаһ ҡылдыҡ! – тип Раббыға ялбарҙы. – Үҙ Аллабыҙҙы ташлап, Бәғелдәргә табына башланыҡ. Раббы Исраил халҡына былай тине: – Һеҙҙе мысырҙар, әмөриҙәр, ғаммондар, пелештиҙәр, сидондар, ғәмәлектәр, мағондар ҡыҫырыҡламанымы ни? Һеҙ Миңә ялбарғанда, Мин һеҙҙе уларҙың ҡулынан ҡотҡарманыммы ни? Ә һеҙ Мине ташланығыҙ, бүтән илаһтарға хеҙмәт итә башланығыҙ. Шуның өсөн Мин һеҙҙе бынан ары ҡотҡармайым. Барығыҙ, үҙегеҙ һайлап алған илаһтарға ялбарығыҙ, әйҙә, ауырлыҡтан хәҙер улар һеҙҙе ҡотҡарһын. Исраил халҡы Раббыға: – Беҙ гонаһ ҡылдыҡ! Беҙҙең менән нимә теләһәң, шуны эшлә, бары тик бөгөн ҡотҡара күр, – тип ялбарҙы. Улар сит илаһтарҙан баш тартты һәм Раббыға хеҙмәт итә башланы. Раббы, Исраил халҡының михнәттәрен күреп, бүтәнсә түҙә алманы. Ғаммондар яуға йыйынды һәм Ғилғәдтә туплам булып урынлашты. Шулай уҡ Исраил халҡы ла ғәскәр йыйҙы һәм Миспала туплам булып торҙо. Ғилғәд халҡы һәм түрәләре бер-береһенә: – Кем дә кем беҙҙе ғаммондарға ҡаршы һуғышҡа әйҙәп бара, шул бөтә Ғилғәд халҡының башлығы була, – тине. Ғилғәд кешеһе Ифтах ҡаһарман һуғышсы ине. Ул бер фәхишә ҡатындан тыуғайны. Атаһының исеме Ғилғәд ине. Ғилғәдтең ҡатыны ла уға улдар табып бирҙе. Был улдар, ир ҡорона кергәс, Ифтахты ҡыуып ебәрҙе: – Һин беҙҙең атайыбыҙ йортонда вариҫ түгел, сөнки һин бүтән ҡатындан тыуғанһың, – тинеләр уға. Ифтах ағай-энеләренән ҡасып китте һәм Тов ерендә төйәкләнде. Уның янына йыйын әтрәгәләм тупланып, баҫҡынсылыҡ менән шөғөлләнә башланылар. Күпмелер ваҡыт үткәс, ғаммондар Исраилға яу менән килде. Ғаммон халҡы Исраилға һөжүм иткәс, Ғилғәд аҡһаҡалдары Тов еренә Ифтахты алырға килде. Улар Ифтахҡа: – Ҡайт, беҙҙең башлығыбыҙ бул, беҙҙе ғаммондарға ҡаршы һуғышҡа әйҙәп бар, – тинеләр. Ифтах Ғилғәд аҡһаҡалдарына: – Мине күрә алмайынса, атам йортонан ҡыуып сығарған һеҙ түгелме ни? Башығыҙға афәт төшкәс, минең яныма килергә булдығыҙмы ни? – тип яуапланы. Ғилғәд аҡһаҡалдары Ифтахҡа: – Шулай ҙа беҙ һине, беҙҙең менән барып, ғаммондарға ҡаршы һуғыш, тип, бөтә Ғилғәд кешеләре өҫтөнән башлыҡ итеп ҡуйырға килдек, – тинеләр. – Ярар, – тип яуап ҡайтарҙы Ифтах Ғилғәд аҡһаҡалдарына. – Әгәр мин ҡайтып һеҙ һорағанса ғаммондарға ҡаршы һуғышһам, Раббы уларҙы ҡулыма тапшырған хәлдә, мин ысынлап та һеҙгә башлыҡ булырмынмы? Ғилғәд аҡһаҡалдары Ифтахҡа: – Раббы Үҙе шаһит, барыһы ла һин әйткәнсә булыр, – тинеләр. Ифтах Ғилғәд аҡһаҡалдары менән бергә китте. Халыҡ уны үҙ өҫтөнән етәксе һәм ғәскәр башлығы итеп ҡуйҙы. Ифтах Миспала, Раббы алдында, үҙенең бөтә шарттарын ҡабатланы. Шунан ул: «Һиңә минән нимә кәрәк? Ниңә һин минең еремә һуғышырға килдең?» – тигән һорау менән Ғаммон батшаһына илселәр ебәрҙе. Ғаммон батшаһы Ифтахтың илселәренә: «Исраил халҡы Мысырҙан сығып килгәндә, Арнон йылғаһынан алып Яббоҡ һәм Иордан йылғаларына тиклем минең ерҙәремде алғайны. Уны тыныс юл менән миңә ҡайтарып бир», – тип әйтергә ҡушты. Ифтах илселәрен Ғаммон батшаһына икенсе мәртәбә ебәреп әйтте: «Ифтах бына нимә ти: исраилдар Моав һәм Ғаммон ерҙәрен тартып алманы, сөнки, Мысырҙан сығып барған саҡта, исраилдар сүллек аша үтеп Ҡамышлы диңгеҙ буйына табан юл алдылар һәм Ҡадешҡа килделәр. Унан: „Ерең аша үтеп китергә рөхсәт итһәң ине“, – тип Эдом батшаһына илселәр ебәрҙеләр. Ләкин Эдом батшаһы рөхсәт бирмәне. Исраилдар Моав батшаһына ла илселәр ебәреп ҡаранылар, ләкин, уныһы ла риза булмағанға күрә, Ҡадешта ҡалдылар. Шунан улар сүл аша барып, Эдом менән Моав ерҙәрен урап үттеләр һәм, Моав еренең көнсығыш сигенә килеп туҡтағас, Арнондың аръяғында туплам булып урынлаштылар. Ләкин Моав еренең сиктәренә инмәнеләр, сөнки Арнон – Моавтың сиге. Һуңынан Хешбонда хакимлыҡ иткән әмөри батшаһы Сихонға илселәр ебәреп: „Беҙгә һинең ерең аша үҙ еребеҙгә үтеп китергә рөхсәт ит“, – тип һоранылар. Ләкин Сихон исраилдарға үҙ ере аша үтергә рөхсәт итмәне. Ул, үҙенең бөтә халҡын йыйып, Яһаста туплам ҡорҙо һәм исраилдарға һөжүм итте. Исраил Аллаһы Раббы Сихонды һәм уның бөтә ғәскәрен исраилдар ҡулына тапшырҙы. Исраилдар, уларҙы еңеп, ошо илдә йәшәгән әмөри халҡының бөтә ерҙәрен алды. Улар Арнондан алып Яббоҡҡа тиклем, сүллектән алып Иорданға тиклем бөтә әмөри ерҙәренә эйә булды. Исраилдың Аллаһы Раббы Үҙе был ерҙәрҙе әмөриҙәрҙән тартып алып, халҡы Исраилға бирҙе. Ә хәҙер һин уны беҙҙән алырға итәһеңме? Һин үҙ илаһың Кемош биргән ерҙәргә хужа түгелһеңме ни? Ә Аллабыҙ Раббы биргән ерҙәргә беҙ үҙебеҙ хужа буласаҡбыҙ! Сиппор улы Балаҡтан, Моав иленең батшаһынан, ни ерең өҫтөн һинең? Ул ана Исраил менән дошманлашманы ла, һуғышманы ла. Исраил бына өс йөҙ йыл инде Хешбонда, Ғароғерҙа һәм улар тирәһендәге ауылдарҙа, Арнон йылғаһы буйындағы ҡалаларҙа йәшәй. Ниңә һеҙ шул саҡта был ерҙәрҙе ҡайтарып алманығыҙ? Мин һиңә ҡаршы бер ниндәй ҙә насарлыҡ эшләмәнем. Әммә һин миңә ҡаршы һуғышҡа күтәрелеп, яуызлыҡ ҡылаһың. Инде хәҙер Исраил халҡы менән ғаммондар араһында Раббы Үҙе хөкөм сығарһын!» Ләкин Ғаммон батшаһы Ифтахтың уға ебәргән хәбәренә ҡолаҡ һалманы. Ифтахҡа Раббы рухы иңде. Ул Ғилғәд, Менашше ерҙәрен үтеп, Ғилғәдтәге Миспаға килде лә, унан ғаммондарға табан йүнәлде. Ифтах Раббыға нәҙер әйтте: – Әгәр ҙә Һин ғаммондарҙы ҡулыма тапшырһаң, еңеү яулап ҡайтҡан сағымда өйөмдөң ишегенән миңә ҡаршы беренсе булып сыҡҡан йән эйәһен тотош яндырыу ҡорбаны итеп Һиңә бағышлар инем! – тине. Ифтах ғаммондар менән һуғышырға китте һәм Раббы был халыҡты уның ҡулына тапшырҙы. Ифтах уларҙы ҡырып һалды, Ғароғерҙан Минниҫтың тирә-яғына һәм Авел-Керамимға тиклем егерме ҡаланы юҡ итте. Ғаммондар Исраил халҡына буйһондо. Ифтах Миспаға, үҙенең өйөнә әйләнеп ҡайтһа, ҡаршыһына, дөңгөр ҡағып һәм бейеп, ҡыҙы сыҡты. Ул Ифтахтың берҙән-бер балаһы ине, шунан башҡа улы ла, ҡыҙы ла юҡ ине. Ҡыҙын күргәс, Ифтах өҫтөндәге кейемен йыртып: – Эй ҡыҙым, һин мине тәҡәтһеҙ ҡалдырҙың, башыма бәлә килтерҙең. Мин бит Раббыға нәҙер әйттем, һүҙемде кире ала алмайым, – тине. Ҡыҙы уға: – Атаҡайым, Раббыға нәҙер биргәнһең икән, минең менән Уға ант иткәнсә эшлә. Раббы дошмандарың ғаммондарҙан һинең үсеңде алды бит, – тине. Шунан: – Тик бер теләгем бар: һин мине бары ике айға ғына сығарып ебәр – мин, әхирәттәрем менән тауҙарға менеп, яҙмышым өсөн, ир ҡатыны була алмаясағым өсөн күҙ йәше түгәйем, – тип өҫтәне. – Бар, – тине атаһы һәм ҡыҙын ике айға сығарып ебәрҙе. Ҡыҙ әхирәттәре менән тауҙарҙа яҙмышы өсөн, ир ҡатыны була алмаясағы өсөн күҙ йәше түкте. Ике ай үткәс, ҡыҙы атаһы янына әйләнеп ҡайтты һәм атаһы әйткән нәҙерен үтәне. Ҡыҙ саф, ғиффәтле ине. Ошонан һуң Исраилда бер йола барлыҡҡа килде: Исраил ҡыҙҙары, йыл һайын өйҙән китеп, дүрт көн буйы Ғилғәд улы Ифтахтың ҡыҙын хәтергә алып йәш түгә. Әфраимдар йыйылышып Иордан йылғаһы аша Сафонға сыҡтылар һәм Ифтахҡа: – Ниңә һин ғаммондарға ҡаршы һуғышҡа беҙҙе лә үҙең менән саҡырманың? Беҙ һине йортоң менән бергә яндырабыҙ, – тинеләр. – Халҡымдың һәм минең ғаммондар менән бик ҡаты ыҙғыш сыҡҡайны. Мин һеҙҙе саҡырғайным – һеҙ миңә ярҙамға килмәнегеҙ. Һеҙҙән миңә ярҙам булмаясағын аңлап, мин үҙ ғүмеремде ҡурҡыныс аҫтына ҡуйҙым, ғаммондарға ҡаршы һуғышҡа күтәрелдем. Раббы уларҙы минең ҡулға тапшырҙы. Ниңә әле һеҙ минең менән яғалашырға килдегеҙ? – тине Ифтах уларға. Әфраим ырыуы кешеләре Ғилғәд халҡына: «Ҡасҡын ғилғәдтәр! Ғилғәд бит ул Әфраим менән Менашше араһындағы бер төбәк кенә!» – тип әйткәйнеләр. Ифтах Ғилғәдтәге бөтә ир-егеттәрҙе йыйҙы ла әфраимдар менән алышҡа күтәрелде һәм уларҙы еңде. Ғилғәдтәр әфраимдарҙың сигенеү юлдарын ҡаплар өсөн Иордан аша кисеүҙәрҙе ҡулдарына алды һәм, ҡасып барған әфраимдарҙан берәйһе: «Аръяҡҡа сығайым әле», – тип рөхсәт һораһа, «Һин Әфраим кешеһеме?» – тип һорар булды. Ул: «Юҡ», – тип яуаплаһа, уға: «Шибболеҫ, тип әйт», – тиҙәр. Ә теге дөрөҫ итеп әйтә алмайынса: «Сибболеҫ», – тиһә, ғилғәдтәр уны Иордан аша сыға торған кисеүҙәр эргәһендә сәнсеп үлтерә торғайны. Был мәлдә әфраимдарҙан ҡырҡ ике мең кеше һәләк булды. Ифтах алты йыл Исраил хакимы булды. Ғилғәд улы Ифтах, вафат булғас, үҙенең Ғилғәдтәге ҡалаһына ерләнде. Унан һуң Бейт-Ләхәмдән Ивсан Исраил хакимы булды. Уның утыҙ улы һәм утыҙ ҡыҙы бар ине. Ҡыҙҙарын ул, кейәүгә биреп, үҙ өйөнән оҙатты, ә улдарына ситтән утыҙ кәләш алып бирҙе. Ете йыл Исраил хакимы булып торҙо. Ивсан, вафат булғандан һуң, Бейт-Ләхәмдә ерләнде. Унан һуң Зевулун ырыуынан Элон Исраил хакимы булды. Ул ун йыл хакимлыҡ итте. Элон, вафат булғандан һуң, Зевулун ерендә, Айялонда ерләнде. Унан һуң Пирғаҫондан Һиллел улы Ғавдон Исраил хакимы булды. Уның ҡырҡ улы һәм утыҙ ейәне бар ине. Уларҙың етмеше лә ишәккә атланып йөрөр булды. Ул Исраилда һигеҙ йыл хакимлыҡ итте. Вафат булғандан һуң, Һиллел улы Ғавдон Әфраим ерендәге Пирғаҫонда, Ғәмәлек таулығында ерләнде. Исраил халҡы йәнә Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылырға тотондо, һәм Раббы уларҙы ҡырҡ йылға пелештиҙәр ҡулына тапшырҙы. Шул заманда Сорға ҡалаһында Дан ырыуынан Маноах тигән кеше йәшәй ине. Уның ҡатыны түлһеҙ булып, балалары юҡ ине. Бер ваҡыт был ҡатын алдында Раббы фәрештәһе пәйҙә булды һәм уға: – Бына һин биҙәүһең һәм балаларың юҡ, – тине. – Әммә ауырға ҡалып, малай табасаҡһың. Һаҡлан, шарап та, хәмер ҙә эсмә, бер ниндәй хәрәм ризыҡ ашама. Һин, ауырға ҡалып, малай табырһың. Ул баланың башына бәке теймәһен, сөнки әсә ҡарынынан уҡ был бала Аллаға бағышланып нәзир булыр. Ул Исраилды пелештиҙәр ҡулынан ҡотҡара башлар. Ҡатын ире янына килде лә уға барыһын да һөйләп бирҙе: – Минең яныма Алла бәндәһе килде. Ҡиәфәте менән ул Алланың фәрештәһенә оҡшаған, бик дәһшәтле ине. Мин уның ҡайҙан икәнен һораманым, ул үҙе лә кемлеген әйтмәне. Ул миңә: «Бына һин, ауырға ҡалып, малай табасаҡһың, – тине. – Һаҡлан, шарап та, хәмер ҙә эсмә, бер ниндәй хәрәм ризыҡ ашама, сөнки был бала тыуған көнөнән алып үлгәнгәсә Аллаға бағышланып нәзир булыр», – тине. Маноах Раббыға доға ҡылып: – Эй бөйөк Хакимым, һин ебәргән теге Алла бәндәһе яңынан беҙҙең янға килһен дә тыуасаҡ бала менән ни эшләргә икәнен өйрәтһен ине, – тине. Алла Маноахтың үтенесен ишетте. Ҡатын ҡырҙа ултырғанда, Алла фәрештәһе тағы килде. Әммә ҡатындың ире Маноах уның эргәһендә түгел ине. Ҡатын йүгереп барып иренә әйтте: – Теге саҡта яныма килгән кеше тағы күренде. Маноах урынынан торҙо ла ҡатынына эйәрҙе. Ул кеше янына барып: – Теге ваҡытта бынау ҡатын менән һин һөйләшкән инеңме? – тип һораны. Теге: – Эйе, мин, – тип яуапланы. Маноах: – Әйткәнең ғәмәлгә ашҡас, ул бала нисек йәшәргә, ниҙәр эшләргә тейеш? – тип һораны. Раббы фәрештәһе Маноахҡа: – Ҡатының әйткәндәремдең барыһын да теүәл үтәһен. Йөҙөм ағасында үҫкән бер нәмәне лә ашамаһын, шарап менән хәмер эсмәһен, бер ниндәй хәрәм ризыҡ ҡапмаһын. Ул мин ҡушҡандың бөтәһен дә башҡарһын, – тине. Маноах Раббы фәрештәһенә: – Бер аҙ көтөп торһаң, кәзә бәрәсе салып, ашарыңа бешерербеҙ, – тине. Раббы фәрештәһе Маноахҡа: – Һин мине көттөрһәң дә, ризығыңды ашамайым. Раббыға бағышлап тотош яндырыу ҡорбаны килтермәк булһаң, рәхим ит, – тине. Маноах уның Раббы фәрештәһе икәнен белмәй ине. Ул Раббы фәрештәһенән: – Исемең кем? Әйткәнең ғәмәлгә ашҡас, һиңә рәхмәттәр әйтер инек, – тине. Раббы фәрештәһе уға: – Ниңә минең исемемде һорайһың? Әйтеүем менән барыбер уға аҡылың етмәй, – тине. Маноах кәзә бәрәсе менән икмәк саҙаҡаһы алды ла, ҡая өҫтөнә һалып, Раббыға ҡорбан килтерҙе. Шул саҡ Маноах менән ҡатынының күҙ алдында Раббы мөғжизә ҡылды. Ҡорбан усағынан ялҡын юғарыға күтәрелә башлағас, Раббы фәрештәһе ялҡында күккә ашты. Быны күреп торған Маноах менән ҡатыны ергә ҡапланды. Раббы фәрештәһе Маноах менән ҡатынына башҡаса күренмәне. Шунда ғына Маноах уның Раббы фәрештәһе икәнен аңланы. Маноах ҡатынына: – Әжәлебеҙ еткәндер инде – Алланы күрҙек бит, – тине. Әммә ҡатыны уға: – Әгәр ҙә Раббы беҙҙе харап итер булһа, тотош яндырыу ҡорбаны менән икмәк саҙаҡаһын ҡабул итмәҫ ине. Беҙгә быларҙың береһен дә күрһәтмәҫ, ишеткәндәребеҙҙе әйтмәҫ ине, – тине. Ҡатын малай тапты һәм уға Шимшон тип исем ҡушты. Сабый үҫкәндән-үҫә барҙы, Раббы уны Үҙенең фатихаһынан ҡалдырманы. Сорға менән Әштәол араһында Дан ырыуы тупламында уны тәүге тапҡыр Раббы рухы ҡөҙрәтләндерҙе. Көндәрҙән бер көндө Тимна ҡалаһына барғас, Шимшон бер пелешти ҡыҙын күрҙе. Өйөнә ҡайтҡас, атаһы менән әсәһенә: – Мин Тимнала бер пелешти ҡыҙын күрҙем. Уны миңә кәләш итеп алып бирегеҙ, – тине. Атаһы менән әсәһе уға: – Ырыуҙаштарың, үҙебеҙҙең халыҡ араһында һиңә ҡыҙҙар юҡмы ни? Ниңә сөннәтһеҙ пелештиҙәр араһынан кәләш алырға итәһең? – тине. Әммә Шимшон атаһына: – Миңә шул ҡыҙҙы алып бир, мин уны оҡшаттым! – тине. Был – Раббы ихтыяры ине, әммә Шимшондың атаһы менән әсәһе был турала белмәне. Ул заманда Исраилда хакимлыҡ иткән пелештиҙәргә ҡаршы көрәшеү өсөн Раббының сәбәп эҙләүе ине. Шимшон атаһы һәм әсәһе менән Тимнаға китте. Тимнаның йөҙөм баҡсаларына етәрәк, бер йәш арыҫлан ырылдап ҡаршы сыҡты. Шимшонды Раббы рухы солғап алды, һәм ул, ҡулында бер нәмәһе булмаһа ла, арыҫланды кәзә бәрәсендәй ботарлап ташланы. Был хаҡта атаһы менән әсәһенә һөйләп торманы. Тимнаға килгәс, Шимшон ҡыҙ менән күрешеп һөйләште, ҡыҙ уны бик оҡшатты. Күпмелер ваҡыттан һуң, Шимшон ҡыҙҙы кәләш итеп алыр өсөн яңынан Тимнаға китте һәм юл ыңғай арыҫландың үләкһәһен ҡарарға боролдо. Емтек эсенә ҡорт күсе оялағайны һәм бал йыйғайны. Ул, ҡулына бал алып, юл буйы ашап барҙы. Атаһы менән әсәһе янына ҡайтҡас, уларға ла ашатты, ләкин балды арыҫлан үләкһәһе эсенән алғанын әйтмәне. Бына Шимшондың атаһы ҡыҙҙы һората барҙы. Шимшон шунда йәштәргә хас булғанса мәжлес ойошторҙо. Ул килеүгә хужалар, Шимшон менән булһындар өсөн, утыҙ кейәү егете саҡырҙы. Шимшон уларға: – Мин һеҙгә йомаҡ әйтәм, – тине. – Әгәр ҙә һеҙ уны мәжлес барған ете көн эсендә сисһәгеҙ, мин һеҙгә нәфис етен туҡыманан тегелгән утыҙ күлдәк менән утыҙ ҡат өҫ кейеме бирермен. Әгәр ҙә йомаҡты сисә алмаһағыҙ, миңә нәфис етен туҡыманан тегелгән утыҙ күлдәк менән утыҙ ҡат өҫ кейеме бирерһегеҙ. – Йомағыңды әйт, тыңлап ҡарайыҡ, – тине тегеләр. Шимшон йомағын әйтте: – Ашаусының эсенән ашамлыҡ сыҡты, Көслөнөң эсенән татлы сыҡты. Йомаҡты өс көн сисә алманылар. Дүртенсе көнөнә улар Шимшондың кәләшенә: – Яйлап-майлап ҡына иреңдән йомаҡтың яуабын әйттер, юҡһа үҙеңде лә, атаң йортон да яндырабыҙ. Һеҙ беҙҙе талар өсөн саҡырҙығыҙмы әллә? – тинеләр. Кәләше илай-илай Шимшонға: – Һин мине яратмайһың, – тине. – Мине күрә алмайһың! Минең ырыуҙаштарыма йомаҡ әйттең дә, йомағыңдың яуабын миңә сисмәйһең! – Атайым менән әсәйемә лә әйтмәгәнде, һиңә әйтәйемме? – тине Шимшон. Мәжлес барған ете көн буйы йәш түкте Шимшондың кәләше. Ниһайәт, етенсе көнөнә, кәләше үтә ныҡ ҡыҫымға алғас, Шимшон йомаҡтың яуабын әйтте. Ҡатын яуапты ырыуҙаштарына еткерҙе. Етенсе көнөнә ҡояш байыр алдынан ҡала кешеләре Шимшонға: – Нимә балдан татлыраҡ, Арыҫландан көслөрәк? – тинеләр. Шимшон уларға: – Минең танам менән һөрмәһәгеҙ, Йомағымды сисә алмаҫ инегеҙ, – тип яуапланы. Шимшонды Раббы рухы солғап алды. Ул Ашҡылонға барып утыҙ кешене үлтерҙе лә, уларҙың кейемен һалдырып алып, йомаҡ сискән кешеләргә бирҙе. Шунан ярһыған килеш атаһының өйөнә ҡайтып китте. Ә Шимшондың ҡатыны уға кейәү егете итеп беркетелгән егеттәрҙең береһенә бирелде. Бер нисә көндән, бойҙай урағы осоронда, Шимшон, бер кәзә бәрәсе алып, ҡатынын күрергә килде. – Ҡатынымдың янына, уның бүлмәһенә керәйем әле, – тигәйне, ҡыҙҙың атаһы Шимшонды индермәне. – Һин ҡыҙымды ташлап киткәнһең тип уйлағайным, – тине ул. – Шуға күрә уны кейәү егеттәреңдең береһенә бирҙем. Ана, һеңлеһе унан да матурыраҡ. Әйҙә, оло ҡыҙым урынына булһын, – тине. Ләкин Шимшон: – Хәҙер инде мин пелештиҙәргә яманлыҡ эшләһәм дә хаҡлымын, – тине. Ҡырға сығып, өс йөҙ төлкө тотто. Уларҙың һәр икеһенең ҡойроғон ҡуша бәйләне лә ҡойроҡ араһына сыраҡ ҡыҫтырҙы. Шунан сыраҡтарҙы тоҡандырҙы ла төлкөләрҙе пелештиҙәр баҫыуы яғына ысҡындырып ебәрҙе. Төлкөләр эҫкерттәрҙе, урылмаған баҫыуҙарҙы, шулай уҡ йөҙөм баҡсаларын, зәйтүн ағастарын яндырып бөттө. – Кем эшләне быны? – тип һораша башланы пелештиҙәр. – Шимшон, теге Тимнала йәшәгән бер кешенең кейәүе. Ҡайныһы уның кәләшен кейәүҙең дуҫына биреп ебәргән, – тип яуап ҡайтарҙылар уларға. Шунан пелештиҙәр барып теге ҡатынды ла, уның атаһын да яндырҙылар. Шимшон быны ишеткәс, уларға: – Әгәр былай иткәнһегеҙ икән, һеҙҙән үсемде алмай туҡтамам, – тине. Шимшон уларға ташланды һәм күптәрен аяуһыҙ рәүештә ҡырып ташланы. Шунан Ғетам ҡаялығындағы мәмерйәгә барып йәшәй башланы. Пелештиҙәр Йәһүҙә еренә килеп, туплам булып урынлаштылар һәм Лехигә йүнәлделәр. Йәһүҙә кешеләре уларҙан: – Ниңә беҙгә яу менән килдегеҙ? – тип һораны. Тегеләр: – Беҙ, Шимшондың аяҡ-ҡулын бәйләп, беҙгә эшләгәнен үҙенә эшләргә килдек, – тинеләр. Йәһүҙәнән өс мең кеше Ғетам ҡаялығындағы мәмерйәгә барып, Шимшонға: – Һин пелештиҙәрҙең беҙгә хакимлыҡ иткәнен белмәйһеңме ни? – тинеләр. – Нимә эшләнең һин беҙгә? Шимшон: – Улар минең менән ни эшләне, мин дә уларға шуны эшләнем, – тип яуап ҡайтарҙы. – Беҙ һине тотоп бәйләп, пелештиҙәр ҡулына бирер өсөн килдек, – тине йәһүҙиҙәр. – Миңә яманлыҡ ҡылмаҫҡа ант итегеҙ, – тине Шимшон. – Юҡ, тотоп бәйләп, пелештиҙәр ҡулына ғына бирәбеҙ, беҙ һине үлтермәйбеҙ, – тинеләр. Уны ике өр-яңы бау менән бәйләнеләр ҙә мәмерйәнән алып сыҡтылар. Лехигә яҡынлашҡас, пелештиҙәр уны һөрән һалып ҡаршыланы. Шул саҡ Шимшонды Раббы рухы солғап алды, һәм уның ҡулындағы бауҙар, янып бөткән етен шикелле, һыпырылып төштө. Шимшондың күҙенә ишәктең әле кибеп тә бөтмәгән яңаҡ һөйәге салынды. Ул шул һөйәкте алды ла мең пелештиҙе һуғып үлтерҙе. Шунан Шимшон былай тине: – Ишәктең яңаҡ һөйәге менән – өйөм өҫтөнә өйөм! Ишәктең яңаҡ һөйәге менән меңде һуғып үлтерҙем! Шулай тине лә ҡулындағы һөйәкте ситкә быраҡтырҙы. Был урынды Рамаҫ-Лехи тип атанылар. Шимшон шул тиклем сарсап китте, Раббыға ялбарып, былай тине: – Ҡолоңа ошо бөйөк еңеүҙе бирҙең. Инде хәҙер сарсауҙан үлеп, сөннәтһеҙҙәр ҡулына төшәйемме? Алла Лехиҙә соҡор хасил итте һәм унан һыу ағып сыҡты. Шимшон туйғансы һыу эсте һәм уға йәнә хәл өҫтәлде. Шуның өсөн дә был урынды Ғейн-Һаҡҡоре тип атанылар. Ул әлеге көндә лә Лехиҙә бар. Шимшон пелештиҙәр заманында егерме йыл Исраил хакимы булып торҙо. Бер көндө Шимшон Газа ҡалаһына барҙы һәм, бер фәхишә ҡатынды күреп, уға инде. Газала йәшәүселәр Шимшон килгәнен белгәс, шул урынды ҡамап алдылар, уны көтөп, төнө буйы ҡала ҡапҡаһы янында һаҡлап торҙолар. – Таң атһын да, үлтерербеҙ, – тинеләр. Шимшон иһә төн уртаһына тиклем генә йоҡланы. Төн уртаһында торҙо, ҡала ҡапҡаһының бағаналарын тотто ла, ҡапҡаны биге, яңағы-ние менән аҡтарып алды. Уны, яурынына һалып, Хеврон ҡаршыһындағы тау башына мендереп ташланы. Күпмелер ваҡыт үткәс, Шимшон Сореҡ үҙәнендә йәшәгән Делила исемле бер ҡатынға ғашиҡ булды. Пелешти бейҙәре был ҡатынға килеп: – Уның еңелмәҫ көсө нимәлә икәнен ипләп кенә белеш. Бәйләп һалып буйһондорор өсөн уны нисек еңергә икән? Ә беҙ һиңә һәр ҡайһыбыҙ бер мең дә бер йөҙ шекел көмөш аҡса бирербеҙ, – тине. Делила Шимшондан: – Әйт әле миңә, һинең көсөң нимәлә? Буйһондорор өсөн һине нимә менән бәйләргә? – тип һораны. Шимшон уға: – Әгәр ҙә мине ете ҡат әле кибеп бөтмәгән кереш менән бәйләһәләр, көсөм бөтөп, бүтән кешеләр һымаҡ буласаҡмын, – тине. Пелешти бейҙәре Делилаға ете ҡат әле кибеп бөтмәгән сей кереш килтерҙеләр. Делила уның менән Шимшонды бәйләне. Ә уның төпкө бүлмәһендә бер нисә кеше боҫҡонда ята ине. Делила: – Шимшон! Ана һиңә ҡаршы пелештиҙәр килә! – тигәйне, Шимшон, сүс епте ялҡын өҙгән һымаҡ ҡына итеп, кереште өҙөп ташланы – уның көсөнөң сере асылмай ҡалды. – Һин мине алдағанһың, дөрөҫөн әйтмәгәнһең, – тине Делила Шимшонға. – Хәҙер әйт инде, һине нимә менән бәйләргә? Шимшон Делилаға: – Әгәр ҙә мине бер тапҡыр ҙа тотонолмаған өр-яңы бауҙар менән бәйләһәләр, көсөм бөтөп, бүтән кешеләр һымаҡ буласаҡмын, – тине. Делила өр-яңы бауҙар алып килеп уның менән Шимшонды бәйләне лә: – Шимшон! Ана һиңә ҡаршы пелештиҙәр килә! – тине. Ә уның төпкө бүлмәһендә бер нисә кеше боҫҡонда ята ине. Шимшон үҙенең ҡулынан бауҙы ептәй өҙөп ташланы. Делила Шимшонға: – Һин мине һаман алдайһың, дөрөҫөн әйтмәйһең. Хәҙер әйт инде, һине нимә менән бәйләргә? – тине. Шимшон Делилаға: – Әгәр ҙә туҡыу станында туҡыманың арҡау ебенә ете тотам сәсемде ҡушып туҡыма һуҡһаң һәм уны ҡаҙаҡ менән беркетеп ҡуйһаң, көсөм бөтөп, бүтән кешеләр һымаҡ буласаҡмын, – тине. Шимшон йоҡлап киткәс, Делила арҡау ебенә уның ете тотам сәсен ҡушып туҡыма һуҡты ла, уны ҡаҙаҡ менән беркетеп: – Шимшон! Ана һиңә ҡаршы пелештиҙәр килә! – тине. Шимшон йоҡоһонан уянды ла ҡаҙауҙы йолҡоп алып туҡыу станын туҡымаһы-ние менән һурып алды. Делила уға: – Нисек инде һин мине яратам тиһең, күңелең менән әллә ҡайҙаһың? Бына һин мине өс мәртәбә алданың, бындай ғәләмәт көсөңдөң сере нимәлә икәнен асманың, – тине. Делила көн дә ошондай һүҙҙәре менән теңкәһенә тейгәнгә һәм ғазаплағанға, Шимшондың тәҡәте бөттө. Шуға күрә ул ҡатынға йөрәк серен систе: – Минең башыма бәке тейгәне юҡ, тыуа-тыуғандан бирле Алланың нәзиремен. Әгәр ҙә сәсемде ҡырҡһалар, ҡеүәтем бөтәсәк. Мин көсһөҙләнеп, бүтән кешеләр һымаҡ буласаҡмын, – тине. Делила, Шимшондың уға серен асҡанын аңланы ла, кеше ебәреп, пелешти бейҙәрен саҡырҙы. – Тағы бер тапҡыр килегеҙ, ул миңә серен асты, – тине. Пелешти хакимдары, көмөштәрен алып, уның янына килде. Делила Шимшонды тубығына һалып йоҡлатты ла, кеше саҡырып, Шимшондың башындағы ете тотам сәсен ҡырҡып алырға ҡушты. Шимшон хәлһеҙләнә башланы һәм уның көсө бөттө. – Шимшон! Ана һиңә ҡаршы пелештиҙәр килә! – тине Делила. Шимшон йоҡоһонан уянды: «Элекке һымаҡ ысҡынырмын! – тип уйланы. – Ҡотолормон!» Ул Раббының уны ташлағанын белмәне. Пелештиҙәр, уны тотоп алып, ике күҙен дә соҡоп сығарҙылар. Газаға алып килеп, ике баҡыр сылбыр менән бығауланылар. Ул зинданда тирмән ташы әйләндерҙе. Шул арала Шимшондың башындағы ҡырҡылған сәс үҫә башланы. Пелешти бейҙәре, үҙ илаһтары Дагонға ҙур ҡорбан килтереп, күңел асырға йыйылды. Улар: – Илаһыбыҙ дошманыбыҙ Шимшонды ҡулыбыҙға тапшырҙы, – тиештеләр. Шимшонды күреп, халыҡ үҙ илаһтарын данларға кереште: – Илаһыбыҙ беҙҙең дошманды, күптәребеҙҙе харап иткән, еребеҙҙе бөлдөргән кешене ҡулыбыҙға тапшырҙы, – тине. Кәйефләнеп алған пелештиҙәр: – Шимшонды алып килегеҙ, беҙҙең күңелде асһын, – тинеләр. Уны зиндандан саҡырып килтерҙеләр ҙә пелештиҙәрҙең күңелен күрергә мәжбүр иттеләр. Шимшонды ике бағана араһына баҫтырып ҡуйҙылар. Шимшон үҙен етәкләп йөрөгән егеткә: – Мине йортто терәтеп торған бағаналар янына алып бар әле, уларға һөйәнеп торайым, – тине. Йорт эсе тулы ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ ине. Бөтә пелешти бейҙәре лә шунда. Мәҙәк ҡорған Шимшонды ҡарарға йорт ҡыйығына менгән өс меңләп ир һәм ҡатын-ҡыҙ бар ине. Шимшон Раббыға ялбарҙы: – Эй Раббы Хакимым! Мине иҫеңә төшөр, пелештиҙәрҙән ике күҙем өсөн бер юлы үс алырға тағы бер тапҡыр ғына көс-ҡеүәт бир миңә, эй Аллам! – тине. Шимшон йортто тотоп торған ике урта бағананы һәрмәп тапты ла, ике ҡуллап: уң ҡулы менән бер бағанаға, һулы менән икенсеһенә ныҡлап терәлде. – Әйҙә пелештиҙәр менән бергә үләйем! – тип ҡысҡырып бөтә көсө менән бағанаға эткәйне, йорт пелешти бейҙәре һәм тотош халыҡ өҫтөнә емерелеп төштө. Шимшон үҙе менән ҡуша үлтергән кешеләр һаны ғүмере буйына үлтергәндән күберәк булды. Шимшондың ағай-энеләре һәм туғандары килеп, уның мәйетен алып китте һәм Сорға менән Әштәол араһында, атаһы Маноахтың төрбәһенә дәфен ҡылды. Шимшон егерме йыл буйы Исраил хакимы булды. Әфраим таулығында Михаяһ тигән кеше йәшәй ине. Ул әсәһенә: – Теге ваҡытта бер мең дә бер йөҙ шекел көмөшөң юғалғас, һин ҡараҡты минең алдымда ҡарғағайның. Ул көмөш миндә, уны мин алғайным, – тине. – Раббы һиңә фатиха бирһен, улым, – тине әсәһе. Улы әсәһенә бер мең дә бер йөҙ шекел көмөштө кире ҡайтарып бирҙе. Әсәһе: – Был көмөштө мин улым хаҡына Раббыға бағышлайым. Унан бот менән ҡойолма илаһ яһатып алам. Көмөш шул рәүешле, улым, үҙеңә ҡайтһын, – тине. Улы ҡайтарып биргәс, әсәһе ике йөҙ шекел көмөштө алып, уны көмөшсөгә илтте лә бот менән ҡойолма илаһ яһатып алды. Шул ваҡыттан алып, ул бот Михаяһтың өйөндә торҙо. Шул рәүешле был Михаяһ тигән кешенең ғибәҙәтханаһы барлыҡҡа килде. Эфод менән йорт илаһтарының һындарын эшләтеп, улдарының береһен ҡаһин итеп ҡуйҙы. Ул заманда Исраилдың батшаһы юҡ ине: һәр кем нисек дөрөҫ тип тапһа, шулай эшләй торғайны. Йәһүҙә ырыуы халҡы араһында бер йәш леви йәшәй ине. Ул Йәһүҙә Бейт-Ләхәмендә тыуып үҫеп, йәшәгән төйәген алмаштырыу ниәте менән, был ҡаланан сығып китте һәм юл ыңғайында Әфраим таулығындағы Михаяһ йортона һуғылды. Михаяһ унан: – Ҡайҙан киләһең? – тип һораны. Теге егет: – Мин Йәһүҙәнең Бейт-Ләхәм ҡалаһынанмын, леви булам, төйәкләнер урын эҙләйем, – тине. Михаяһ уға: – Улай булғас, миндә ҡал, атайым һымаҡ кәңәшсе, ҡаһин булырһың, – тине. – Мин һиңә йылына унар шекел көмөш, өҫтәүенә кейем һәм ашарға аҙыҡ-түлек бирермен. Йәш леви был кешелә ҡалырға булды. Михаяһ уны улы һымаҡ күрҙе, ҡаһин итеп ҡуйҙы, һәм егет Михаяһ йортонда йәшәне. Михаяһ: – Хәҙер инде Раббының миңә фатихалы булыуын беләм, сөнки минең ҡаһиным левиҙәрҙән, – тине. Ул заманда Исраилдың батшаһы юҡ ине. Дан ырыуы ул көндәрҙә, ҡайҙа барып урынлашырға белмәй, йәшәр урын эҙләне, сөнки Исраил ырыуҙары араһында уға ер биләмәһе эләкмәгәйне. Дан улдары үҙ ырыуынан биш кешене – Сорға һәм Әштәол ҡалаларында йәшәгән көслө ир-атты – ер ҡарап-тикшереп килергә ебәрҙе. – Барығыҙ, ул илде тикшереп килегеҙ, – тинеләр. Улар Әфраим таулығындағы Михаяһ йортона килеп туҡтанылар ҙа ҡуна ҡалдылар. Михаяһ йортонда саҡта йәш левиҙең тауышын танып ҡалдылар. Унан: – Һине бында кем алып килде? Бында нимә эшләйһең, ниңә бында ҡалдың? – тип һоранылар. Ул: – Михаяһ мине ялланы, мин унда ҡаһин булып торам, – тине. Михаяһтың үҙенә ҡылған яҡшылыҡтарын һөйләне. Тегеләр егеттән: – Алланан һора әле, юлыбыҙ уң булырмы икән? – тип үтенделәр. Ҡаһин уларға: – Күңелегеҙ тыныс булһын. Һеҙҙең юлығыҙ Раббының күҙе алдында! – тине. Теге биш ир ары китеп Лаишта туҡтаны һәм ундағы халыҡтың сидондар һымаҡ тыныс, ғәмһеҙ, бошмаҫ йәшәп ятыуын күрҙе. Был ерҙә кемдеңдер берәйһен ҡыйырһытҡаны, буйһондорғаны юҡ ине. Улар сидондарҙан йыраҡ йәшәй, бер кемдә лә эштәре юҡ ине. Әлеге биш кеше Сорғаға һәм Әштәолға әйләнеп ҡайтты. Ағай-энеләре: – Йә, ни менән ҡайттығыҙ? – тип һораны. Улар: – Әйҙәгеҙ, ундағы халыҡҡа һөжүм итәйек. Беҙ бик шәп ер күреп ҡайттыҡ. Икеләнеп тә тормағыҙ, ул ерҙе тиҙерәк барып яулайыҡ. Унда барғас, күрерһегеҙ, халыҡ бик вайымһыҙ, ерҙәре киң. Алла уны һеҙҙең ҡулға тапшыра. Ул ерҙә бер нәмәгә лә ҡытлыҡ юҡ, – тинеләр. Дан нәҫеленән алты йөҙ ир-ат, ҡоралланып, Сорға менән Әштәолдан юлға ҡуҙғалды. Улар Йәһүҙәләге Ҡыръяҫ-Еғаримда туплам булып торҙо. Шуның өсөн дә был ерҙе әле булһа Махане-Дан тип йөрөтәләр. Ул Ҡыръяҫ-Еғаримдан көнбайыштараҡ урынлашҡан. Бынан улар Әфраим таулығына йүнәлделәр, Михаяһ йортона килеп еттеләр. Лаиш ерен ҡарарға барған теге биш кеше туғандарына: – Беләһегеҙме, ошо йорттарҙа эфод, йорт илаһтарының һындары, бот менән ҡойолма илаһ бар. Уйлағыҙ, улар менән нимә эшләргә? – тине. Тегеләр, йәш леви ҡаһины торған, йәғни Михаяһ йортона боролоп инеп, уға сәләм бирҙеләр. Дан ырыуынан һуғыш ҡоралын билдәренә аҫҡан алты йөҙ кеше ҡапҡа төбөндә тора ине. Теге ерҙе ҡарарға барған биш кеше иһә, йортҡа кереп, ботто, эфод менән йорт илаһтарын һәм ҡойолма илаһты алып сыҡты. Был ваҡытта ҡаһин теге алты йөҙ ҡораллы кеше эргәһендә ҡапҡа төбөндә тора ине. Тегеләр Михаяһ йортонан ботто, эфодты, йорт илаһтарының һындарын һәм ҡойолма илаһты алып сыҡҡас, ҡаһин уларға: – Һеҙ нимә эшләйһегеҙ? – тине. Тегеләр ҡаһинға: – Шым, ауыҙыңды яп та беҙҙең менән бар. Беҙҙә атай һымаҡ кәңәшсе һәм ҡаһин булырһың. Һиңә бер кешенең йортонда ҡаһин булғансы, Исраилдың тотош бер ырыуында йәки Исраилдың бер нәҫелендә ҡаһин булыу яҡшыраҡ түгелме ни? – тинеләр. Ҡаһинға был тәҡдим бик оҡшаны һәм, эфодты, йорт илаһтарының һындарын һәм ботто алып, халыҡ менән бергә китте. Улар артабан юлланды, бала-сағаны, мал-мөлкәтте алдан үткәреп, сәфәрҙәрен дауам иттеләр. Дан ырыуы кешеләре Михаяһ йортонан байтаҡ йыраҡлашҡас, Михаяһ һәм уның күршеләре йыйылышып килеп уларҙы ҡыуып етте. Улар Дан ырыуы кешеләренә ҡысҡыра-ҡысҡыра килә ине, тегеләр боролоп, Михаяһтан: – Һиңә нимә кәрәк? Шул тиклем кеше йыйғанһың? – тип һораны. – Һеҙ мин яһаттырған илаһтар менән ҡаһинымды алып киткәнһегеҙ. Ә минең нимәм ҡалды? Хәҙер килеп: «Һиңә нимә кәрәк?» – тип тораһығыҙ! – тине Михаяһ уларға. Дан кешеләре уға: – Шаулама, тауышыңды сығараһы булма! Һуғышсыларыбыҙ былай ҙа асыулы, ташланырҙар ҙа үҙеңде лә, ғаиләңде лә харап итерһең, – тине. Дан ырыуы кешеләре юлдарында булды. Михаяһ, уларҙың үҙенән көслөрәк булғанын күреп, кире боролдо һәм өйөнә ҡайтып китте. Ә Дан кешеләре Михаяһ яһатҡан бөтә нәмәләрҙе, шулай уҡ уның ҡаһинын алып, Лаишҡа, тыныс һәм вайымһыҙ йәшәп ятҡан халыҡҡа һөжүм итергә китте. Халыҡты ҡылыстан үткәреп, ҡаланы үртәнеләр. Лаиш халҡына ярҙамға килеүсе булманы, сөнки был ҡала Сидондан алыҫ, ә күршеләре менән аралашмай инеләр. Лаиш Бейт-Реховҡа яҡын үҙәндә урынлашҡайны. Дан кешеләре, ҡаланы яңынан аяҡҡа баҫтырып, шунда йәшәй башланы. Ҡалаға Исраил улдарының береһе, үҙҙәренең ата-бабалары булған Дандың исемен бирҙеләр. Ҡаланың элекке исеме Лаиш ине. Дан ырыуы кешеләре Михаяһтан тартып алған ботто үҙҙәренә ҡуйҙы. Мусанан тыуған Гершомдың улы Йонаҫан үҙе лә, уның улдары ла һөргөн дәүеренә тиклем ошо Дан ырыуында ҡаһин булды. Алла йорто Шилола булғанда, Дан ырыуы Михаяһ яһатҡан ботто үҙҙәрендә һаҡланы. Исраилда батша булмаған ул заманда Әфраим таулығындағы алыҫ бер битләүҙә леви кешеһе йәшәй ине. Ул Йәһүҙә Бейт-Ләхәменән үҙенә йәриә алды. Был йәриә, уға асыуланып, атаһы йортона, Йәһүҙәләге Бейт-Ләхәмгә ҡайтып китте. Ул дүрт ай килмәй торғас, ир, өгөтләп кире алып ҡайтыр өсөн, уның янына китте. Үҙе менән хеҙмәтсеһен һәм ике ишәген алды. Йәриәһе ирен атаһының йортона алып инде. Йәш ҡатындың атаһы, кейәүен шатланып ҡаршыланы һәм үҙендә ебәрмәй тотто. Кейәү кеше ҡайныһында өс төн ҡунды, ашаны-эсте. Дүртенсе көндө иртүк торҙолар, кейәү кеше ҡайтырға йыйынды. Ҡайныһы кейәүенә: – Юлға сығыр алдынан тамаҡ туйҙырып ал, шунан китерһегеҙ, – тине. Улар бергә ултырып ашанылар, эстеләр. Ҡайныһы тағы: – Бер төнгә ҡал, күңелең булғансы ял ит, – тип ҡыҫтаны. Леви юлға йыйынғайны ла, ҡайныһы ай-вайына ҡуймай алып ҡалды. Бишенсе көнөнә иртүк тороп ҡайтырға булды, ләкин ҡайныһы тағы: – Тамаҡ туйҙырып ал, төштән һуң ҡайтырһығыҙ әле, – тине. Ирҙәр тағы икәүләшеп ашаны-эсте. Кейәү кеше йәриәһен һәм хеҙмәтсеһен алып ҡайтырға тип торҙо. Ҡайныһы уға: – Ана, көн кискә ауышты, ҡал, күңелең булғансы ял ит, иртәгә иртүк тороп юлға сығырһығыҙ, – тине. Ләкин кейәү кеше, тағы ҡунырға риза булмайынса, юлға сыҡты. Шулай итеп, ул йәриәһе һәм йөк тейәлгән ике ишәге менән Йевус ҡалаһына, йәғни Йәрүсәлимгә килеп етте. Улар Йевусҡа етеп килгәндә, көн кисләгәйне инде. Хеҙмәтсеһе хужаһына: – Әйҙә, ошо йевусиҙәр ҡалаһында ҡунайыҡ, – тине. Ләкин хужаһы: – Юҡ, сит ҡәбилә кешеләренә бармайыҡ, улар бит исраилдарҙан түгел. Әйҙә, Гивғаға барып етеп ҡунайыҡ, – тине. Шунан: – Гивғаға йә Рамаға барып етәйек тә икеһенең береһендә ҡунырбыҙ, – тип өҫтәне. Улар ары китте. Бинйәминдәр ырыуының Гивға ҡалаһына етәрәк, ҡояш байыны. Юлаусылар, ҡунып сығыр өсөн, Гивғаға боролдо. Ҡалаға килеп еткәс, улар ҡала майҙанына барып ултырҙы, ләкин ҡунырға саҡырған кеше булманы. Бына бер ҡарт кисләп кенә баҫыуҙан эштән ҡайтып килә ине. Ул үҙе тыумышы менән Әфраим тауҙарынан булып, Гивғала йәшәй торғайны. Был ерҙә йәшәүселәр Бинйәмин ырыуынан ине. Ҡала майҙанында ултырған мосафирҙы күреп, ҡарт: – Ҡайҙан килеп, ҡайҙа китеп бараһың? – тип һораны. – Беҙ Йәһүҙә Бейт-Ләхәменән минең төйәгем булған Әфраим таулығының алыҫ битләүенә ҡайтып барабыҙ. Мин Йәһүҙә Бейт-Ләхәменә барғайным. Хәҙер, юл ыңғайында Раббы йортона ғибәҙәт ҡылып китмәксебеҙ, әммә бындағыларҙың береһе лә ҡунырға саҡырмай, – тине. – Үҙебеҙ менән ишәктәребеҙ өсөн һаламыбыҙ ҙа, аҙығыбыҙ ҙа бар. Беҙҙең, һинең ҡолдарыңдың, ашар ризығы ла, эсәр шарабы ла бар – үҙемә лә, бына был ҡатынға, һинең ҡолиәңә лә, хеҙмәтсемә лә етерлек. Һис нәмәгә мохтажлығыбыҙ юҡ. – Өйөмә рәхим итегеҙ. Нимә кәрәк булһа, шуны үҙем хәстәрләрмен. Тик майҙанда ғына ҡуна күрмәгеҙ, – тине уға ҡарт. Ҡарт уларҙы өйөнә алып ҡайтты, ишәктәренә ашарға һалды. Мосафирҙар иһә, аяҡтарын йыуып, ашарға ултырҙы. Улар шулай кәйефләнеп ултырғанда, ҡаланың аҙғын кешеләре, өйҙө уратып алып, ишек шаҡый башланы. Йорт хужаһына: – Һиңә килгән кешене сығар, беҙ уны татып ҡарайыҡ, – тип ҡысҡырҙылар. Йорт хужаһы улар эргәһенә сығып: – Юҡ, туғандар, ундай енәйәт эш ҡылмағыҙ. Ул бит минең ҡунағым, әшәкелек ҡылмағыҙ, – тине. – Ана минең үҙемдең ир ҡулы ҡағылмаған ҡыҙым, ә был кешенең йәриәһе бар, шуларҙы сығарам. Уларҙы көсләгеҙ, теләһә ни эшләгеҙ, тик минең ҡунағыма ундай әшәкелек эшләмәгеҙ. Ләкин тегеләр уны тыңларға ла теләмәне. Шунан леви йәриәһен улар янына сығарып ебәрҙе. Теге ирҙәр төнө буйы ҡатынды көсләне, мыҫҡыл итте, таң беленгәс кенә ҡайтарып ебәрҙеләр. Ҡатын таң алдынан хужаһы ҡуна ҡалған кешенең ишек төбөнә барып йығылды һәм ҡояш сыҡҡансы шунда ятты. Иртәнсәк хужаһы, юлға сыҡмаҡсы булып, ишек асты. Ҡараһа, йәриәһе, ҡулдарын тупһаға һалған килеш, ишек төбөндә ята. Ул ҡатынға: – Тор, әйҙә китәйек, – тине. Ләкин яуап булманы. Ир уны ишәк өҫтөнә һалды ла ҡайтыр юлға сыҡты. Өйөнә ҡайтып еткәс, бысаҡ алып йәриәһенең үле кәүҙәһен ун ике өлөшкә киҫкеләне лә Исраилдың бөтә биләмәләренә ебәрҙе. Быны күргән һәр кем: – Исраил халҡы Мысыр еренән сыҡҡан замандан алып бөгөнгә тиклем бындай хәлдең булғаны ла, күрелгәне лә юҡ ине, – тине. – Ҡарайыҡ, уйлайыҡ, берәй ҡарар ҡабул итәйек. Бөтә Исраил халҡы, Дандан алып Беер-Шәвәғкә тиклем һуҙылған ерҙәрҙә, Ғилғәд төбәгендә йәшәгән Исраил халҡы, бөтә йәмғиәт – барыһы бер булып Миспаға Раббы хозурына йыйылды. Халыҡтың, Исраил ырыуҙарының бөтә башлыҡтары Алла халҡы йыйынында үҙҙәренең урынын алды – ҡылыс менән ҡоралланған дүрт йөҙ мең йәйәүле яугир ҡатнашты. Миспалағы йыйын тураһындағы хәбәр Бинйәмин ырыуына ла барып етте. Исраилдар: – Һөйләгеҙ әле, был яуызлыҡ нисек ҡылынды? – тип һораны. Теге үлгән ҡатындың ире, леви: – Мин йәриәм менән бинйәминдәр ҡалаһы Гивғала ҡунырға туҡталдым. Гивға кешеләре миңә ҡаныҡты, төндә мин туҡтаған өйҙө ҡамап алды. Мине үлтерергә иттеләр, ә йәриәмде үлтергәнсе көсләнеләр. Исраил ерендә оят, әшәке эш ҡылынды! Шуның өсөн мин йәриәмде киҫәктәргә бүлгесләнем дә Исраилдың бөтә биләмәләренә ебәрҙем. Ә хәҙер, эй һеҙ, бөтә исраилдар, кәңәш бирегеҙ һәм хәл итегеҙ, – тине. Бөтә халыҡ бер кешеләй булып ошолай ҡарар итте: – Беребеҙ ҙә сатырыбыҙға ҡайтмайбыҙ, өйҙәребеҙгә таралышмайбыҙ. Беҙ хәҙер Гивға менән бына нимә эшләйбеҙ: йәрәбә һалып, бөтә Исраил ырыуҙарынан йөҙ кешенең тиҫтәһен, мең кешенең йөҙөн, ун мең кешенең меңен алып, уларға Исраилда ҡылған әшәке эше өсөн бинйәминдәр Гивғаһына яза бирергә бара торған ғәскәргә аҙыҡ килтерергә ҡушабыҙ, – тине. Шулай итеп, бөтә Исраил халҡы бер булып Гивға ҡалаһына ҡаршы күтәрелде. Исраил ырыуҙары бөтә Бинйәмин ырыуы буйлап: «Нисек һеҙ шундай яуызлыҡ ҡыла алдығыҙ? Гивғалағы теге ҡәбәхәттәрҙе тотоп бирегеҙ. Беҙ уларҙы үлтереп, Исраилда яманлыҡтың тамырын ҡоротабыҙ», – тип әйтергә илселәрен ебәрҙе. Ләкин Бинйәмин ырыуы үҙҙәренең туғандары булған исраилдарҙың әйткәнен тыңларға теләмәне. Улар Исраил халҡына ҡаршы һуғышыр өсөн үҙҙәренең ҡалаларынан Гивғаға йыйылды. Ул көндө Гивғанан булған ете йөҙ һайланма яугирҙән тыш, Бинйәмин ырыуының башҡа ҡалаларынан егерме алты мең ҡораллы һуғышсы йыйҙылар. Ошо ғәскәр араһында ете йөҙ һулаҡай яугир булып, уларҙың һәр береһе һапҡынан таш бәргәндә баштағы сәс бөртөгөнә лә тейҙерә алған мәргән ине. Исраил халҡы иһә, Бинйәмин ырыуынан башҡа, ҡылыс менән ҡоралланған дүрт йөҙ мең кеше йыйҙы. Улар барыһы ла оҫта яугир ине. Исраилдар, Бейт-Илгә барып, Алланан: – Арабыҙҙан кем беренсе булып бинйәминдәргә һөжүм итергә тейеш? – тип һораны. – Беренсе булып Йәһүҙә ырыуы барыр, – тип яуап ҡайтарҙы Раббы. Иртәгәһен исраилдар килеп Гивға эргәһендә туплам булып урынлашты. Улар Бинйәмин ырыуы менән алышыр өсөн Гивға ҡалаһы ҡаршыһында сафҡа теҙелде. Бинйәмин яугирҙәре Гивғанан сығып Исраил ғәскәренә һөжүм итте һәм ул көндө егерме ике мең Исраил һуғышсыһын үлтерҙе. Шулай итеп, исраилдар тағы Бинйәмин яугирҙәренә ҡаршы күтәрелде. Тегеләр иһә Гивғанан сыҡтылар ҙа, исраилдарға һөжүм итеп, уларҙың тағы ҡылыс менән ҡоралланған ун һигеҙ мең яугирен үлтерҙеләр. Шул саҡ бөтә Исраил ғәскәре, барлыҡ исраилдар Бейт-Илгә барып, Раббы хозурында ултырып иланы. Ул көндө кискә тиклем ураҙа тоттолар, Раббыға бағышлап тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандары килтерҙеләр. Исраил ғәскәре Гивға тирәләй боҫҡон ҡорҙо. Үҙҙәре иһә өсөнсө көнөнә лә Бинйәмин һуғышсыларына ҡаршы күтәрелде һәм элекке шикелле Гивға ҡаршыһында сафҡа теҙелде. Бинйәмин һуғышсылары алышырға сыҡты һәм, Исраил ғәскәрен ҡыуып килеп, ҡаланан алыҫлашты. Улар элекке һымаҡ исраилдарҙы ҡыра башланы, береһе Бейт-Илгә, икенсеһе ялан буйлап Гивғаға барған юлдарҙа һәм асыҡ урында утыҙға яҡын яугирен үлтерҙе. Бинйәмин яугирҙәре: «Беҙ уларҙы әүәлгесә ҡырабыҙ», – тип уйланы. Исраилдар иһә бер-береһенә: – Әйҙәгеҙ, уларҙан ҡасайыҡ та ҡаланан алыҫҡа, юлдарға алып китәйек, – тине. Исраилдарҙың төп көсө Бәғел-Тамарға күсте, Гивғаның көнбайышында боҫҡонда ятҡан яугирҙәр йәшеренгән урынынан Гивғаға ынтылды. Исраил ғәскәренең ун мең һайланма яугире Гивғаға һөжүм итте һәм аяуһыҙ алыш башланды. Бинйәмин ырыуы һуғышсылары афәт килгәнен аңғармай ине әле. Әммә Раббы бинйәминдәрҙе исраилдар алдында тар-мар итте. Ул көндө исраилдар уларҙың ҡылыс тотҡан егерме биш мең дә бер йөҙ кешеһен үлтерҙе. Бинйәминдәр үҙҙәренең еңелгәнен аңланы. Был хәл шулай була: Гивға янында боҫҡонда ятҡан һуғышсыларға ышанған исраилдар Бинйәмин ғәскәре алдында сигенә бирә. Боҫҡондағылар иһә сығып Гивғаға уҡтала, уны баҫып ала һәм ундағы бөтә халыҡты ҡылыстан үткәрә. Исраил ғәскәре менән боҫҡондағы яугирҙәр үҙ-ара алдан килешеп ҡуя: ҡала өҫтөндә ҡуйы төтөн күренеү менән, төп көстәр кире боролоп һуғышҡа инергә тейеш була. Шул арала бинйәминдәр утыҙлап Исраил яугирен үлтергән була. Шуға күрә улар: «Исраилдар элекке алыштарҙағы шикелле тар-мар ителде», – тип уйлай. Бына ҡала өҫтөндә төтөн бағанаһы күтәрелә. Бинйәмин яугирҙәре артҡа боролоп ҡараһа, уларҙың ҡалаһы тотош янғын эсендә, уның төтөнө күккә олғаша! Исраил ғәскәренең төп көстәре кирегә боролоуға, Бинйәмин һуғышсылары ҡурҡыуға төшә, сөнки афәт килгәнен аңлайҙар. Бинйәмин ғәскәре исраилдарҙан юл буйлап сүлгә табан ҡаса башлай, ләкин исраилдар улар артынан ҡыуа төшә. Ҡала яғынан исраилдар килеп етә һәм дошманды ҡырырға тотона. Исраил ғәскәре Бинйәмин яугирҙәрен ҡамауға алып, Гивғаның көнсығышындағы ерҙәргә тиклем туҡтауһыҙ эҙәрләп бара. Бинйәмин ырыуынан ун һигеҙ мең кеше һәләк була. Улар барыһы ла ғәййәр һуғышсылар була. Ҡалғандар боролоп сүлгә, Риммон ҡаяһы яғына, ҡаса. Исраилдар юлдарҙа уларҙың тағы биш меңен юҡ итә, улар артынан Гидғомға тиклем ҡыуа бара һәм йәнә ике меңен үлтерә. Ул көнө һәләк булған Бинйәмин яугирҙәре егерме биш мең кеше була. Һәммәһе лә – ҡулына ҡылыс тотҡан батыр һуғышсылар. Ҡалған алты йөҙ кеше борола ла сүлгә, Риммон ҡаяһына, ҡаса һәм дүрт ай шунда тора. Исраилдар яңынан Бинйәмин ырыуы биләгән ерҙәргә әйләнеп килеп, ундағы кешеләрҙе, мал-тыуарҙы һәм бөтә йән эйәһен ҡыра, тирә-яҡтағы бөтә ҡалаларҙы яндыра. Исраилдар Миспала йыйылғас: «Беҙҙең беребеҙ ҙә ҡыҙҙарын Бинйәмин улдарына кәләш итеп бирмәйәсәк», – тип ант иткәйне. Ә хәҙер исраилдар Бейт-Илгә килделәр һәм, Алла хозурында ултырып, кискә тиклем ҡысҡырып-ҡысҡырып иланылар. – Эй Исраил Аллаһы Раббы! Ниңә Исраилда был хәл булды? Ни өсөн Исраилдың бер ырыуы ҡыйылды? – тиештеләр. Иртәгәһенә исраилдар иртүк торҙолар ҙа ошо урында ҡорбан усағы төҙөнөләр һәм тотош яндырыу ҡорбаны менән татыулыҡ ҡорбаны килтерҙеләр. Улар бер-береһенән: – Исраилдың барлыҡ ырыуҙарынан Раббы хозурында уҙғарылған йыйынға килмәй ҡалғандар бармы? – тип һораны. Сөнки улар Миспаға Раббы алдына килмәгән һәр бер кеше үлемгә дусар ителәсәк, тип ныҡлы ант иткәйне. Исраил халҡы үҙ туғандары булған Бинйәмин ырыуын ҡыҙғанды һәм: – Бөгөн Исраилдың бер ырыуы юҡ булды, – тип әсенде. – Уларҙың иҫән ҡалғандары өсөн ҡайҙан кәләш табабыҙ? Беҙ бит үҙ ҡыҙҙарыбыҙҙы уларға ҡатынлыҡҡа бирмәҫкә Раббының исеме менән ант иттек. Шунан улар бер-береһенән: – Исраил ырыуҙарынан Раббы алдына Миспаға килмәй ҡалғандар бармы? – тип һораша башланылар. Шунда Ғилғәд Явешында йәшәүселәрҙән һис кем тупламға йыйынға килмәгәне мәғлүм булды, сөнки халыҡты барлағанда, Ғилғәд Явешынан берәү ҙә юҡ ине. Исраил йәмғиәте Ғилғәд Явешына ун ике мең яугирҙе юлланы һәм уларға: – Барығыҙ, Ғилғәд Явешы кешеләрен ҡатын-ҡыҙҙары, бала-сағалары менән бергә ҡылыстан үткәрегеҙ, – тип бойорҙо. – Бына нимә эшләгеҙ: һәр ир-атты һәм ир татыған ҡатынды, харам ҡылып, юҡ итегеҙ. Яугирҙәр, Ғилғәд Явешында ир-ат татымаған дүрт йөҙ ғиффәтле ҡыҙҙы табып, уларҙы Ҡәнғән ерендәге Шилоға тупламға алып килделәр. Тотош йәмғиәт Риммон ҡаяһындағы Бинйәмин яугирҙәренә хәбәр ебәреп, тыныслыҡ иғлан итте. Бинйәмин яугирҙәре өйҙәренә ҡайтты, һәм исраилдар уларға Ғилғәд Явешының тере ҡалдырылған ҡыҙҙарын кәләш итеп бирҙе. Ләкин ҡыҙҙар етмәй булып сыҡты. Халыҡ Бинйәмин ырыуын ҡыҙғанды, сөнки Раббы Исраил ырыуҙарын бөтөн килеш һаҡламаны. Халыҡтың аҡһаҡалдары: – Ҡалған Бинйәмин улдарына ҡайҙан кәләш табып бирәбеҙ? Уларҙың ырыуынан ҡатын-ҡыҙҙар ҡырылып бөттө бит, – тинеләр. – Биләмә итеп бирелгән ер, әйҙә, Бинйәмин ырыуында ҡалһын. Исраилдың бер ырыуы ла ҡоромаһын! Ләкин беҙ ҡыҙҙарыбыҙҙы уларға кәләш итеп бирә алмайбыҙ, сөнки Исраил халҡы: «Бинйәмингә кәләш биргән кешегә ҡарғыш төшһөн», – тип ант итте. Улар: – Бына Шило ҡалаһында йыл да Раббы байрамы була бит. Был Бейт-Илдән төньяҡтараҡ, Бейт-Илдән Шәхәмгә бара торған юлдан көнсығышта һәм Левонанан көньяҡтараҡ, – тинеләр. Бинйәмин егеттәренә: – Барығыҙ ҙа йөҙөм баҡсаларында йәшенеп тороғоҙ. Шило ҡыҙҙары күмәкләшеп бейергә төшһә, йүгереп сығығыҙ ҙа, һәр ҡайһығыҙ үҙегеҙгә кәләшлеккә берәй ҡыҙ эләктерә һалып, Бинйәмин еренә ҡайтығыҙ. Аталары йә ағалары ялыу менән килһә, беҙ: «Беҙҙең хаҡҡа уларҙы ғәфү итегеҙ инде. Беҙ уларҙың һәр ҡайһыһын һуғышта кәләшле итә алманыҡ. Ә һеҙ ҡыҙҙарығыҙҙы уларға үҙегеҙ бирмәгәс, был эштә һеҙҙең ғәйебегеҙ юҡ», – тип әйтербеҙ. Бинйәминдәр шулай эшләне. Улар, күмәк бейеүҙә ҡатнашҡан ҡыҙҙарҙы урлап, үҙ биләмәләренә кәләш итеп алып ҡайтты. Шунда ҡалаларын ҡабат төҙөп, йәшәй башланылар. Исраилдар ҙа өйҙәренә таралышты, һәр береһе үҙ ырыуына, үҙ нәҫеленә әйләнеп ҡайтты – барыһы ла үҙ биләмәләренә таралышты. Ул заманда Исраилдың батшаһы юҡ ине: һәр кем нисек дөрөҫ тип тапһа, шулай эшләй торғайны. Исраилда хакимдар идара иткән осорҙа илдә йот башланды. Шул арҡала Йәһүҙә биләмәһендәге Бейт-Ләхәм тигән ҡаланан бер кеше ҡатыны һәм ике улы менән Моав еренә күсенде. Был кешенең исеме – Әлимәләх, ҡатыныныҡы – Ноғоми, ә улдарыныҡы Махлон менән Килйон ине. Йәһүҙә биләмәһендәге Бейт-Ләхәм ҡалаһынан, Әфраҫ ерҙәренән булған был ғаилә Моав иленә күсеп килеп, шунда төйәкләнде. Ноғомиҙың ире Әлимәләх ошонда вафат булды, ҡатын улдары менән генә ҡалды. Ике улы ла моав ҡыҙҙарына өйләнде: уларҙың береһенең исеме – Ғорпа, икенсеһенеке Рут ине. Ун йыл самаһы унда йәшәгәс, Махлон менән Килйон да үлеп китте. Ноғоми ике улынан да, иренән дә мәхрүм ҡалды. Раббының Үҙ халҡына илтифат күрһәтеп, икмәк биргәнен ишеткәс, Ноғоми килендәре менән Моавтан тыуған иленә ҡайтырға булды. Йәшәп ятҡан урындарын ташлап, ул килендәре менән Йәһүҙә тарафына йүнәлде. Китеп барышлай, Ноғоми килендәренә: – Барығыҙ, әсәйҙәрегеҙ йортона ҡайтығыҙ. Һеҙ мәрхүмдәргә һәм миңә ҡарата игелекле булған кеүек, Раббы һеҙгә ҡарата ла мәрхәмәтле булһын. Раббы һәр берегеҙгә яңы ир йортонда рәхәтлек табырға насип итһен, – тине. Ул хушлашып килендәрен үпте, ләкин улар ҡысҡырып илай-илай: – Беҙ һинең менән барабыҙ, һинең халҡың араһында йәшәйбеҙ, – тинеләр. Әммә Ноғоми: – Юҡ, ҡыҙҙарым, барығыҙ, ҡайтығыҙ. Минең менән барып һеҙгә ни фәтүә? Уларға сығырбыҙ, тиер инегеҙ, мин башҡаса улдар таба алмайым. Бар, ҡайтығыҙ, ҡыҙҙарым, иргә барыр өсөн ҡартмын инде. Әгәр: «Бала табырға өмөтөм бар әле», – тип уйлаһам да, бөгөнгө төндө ир менән үткәреп, улдар тапһам да, уларҙың ҙурайғанын көтөп, тормошҡа сыҡмай йөрөрһөгөҙмө ни? Юҡ, ҡыҙҙарым, бергә күтәрешер өсөн минең яҙмышым үтә әсенешле: сөнки Раббының ҡулы миңә ҡаршы. Килендәре тағы ла нығыраҡ илай башланы. Ғорпа ҡәйнәһе менән үбешеп хушлашты ла китеп барҙы. Ә Рут, ҡәйнәһенә һыйынып, уның янында ҡалды. Ноғоми уға: – Күрәһеңме, килендәшең үҙ халҡына, үҙ илаһтарына ҡайтырға булды, бар, һин дә уның менән кит, – тине. Ләкин Рут: – Яңғыҙыңды ташлап ҡалдырырға өгөтләмә мине. Һин ҡайҙа барһаң, мин дә шунда барам, һин ҡайҙа төйәкләнһәң, мин дә шунда төйәкләнәм. Һинең халҡың – минең халҡым, һинең Аллаң минең Аллам булыр. Һин ҡайҙа үләһең, мин дә шунда үлермен, мин дә шунда ерләнермен. Әгәр ҙә беҙҙе тик үлем генә айырмаһа, мине Раббының ҡаты ҡәһәре һуҡһын! – тип яуап ҡайтарҙы. Ноғоми Руттың үҙе менән барырға ныҡлы ҡарар иткәнен аңланы һәм башҡаса уны өгөтләмәне. Улар шулай бергәләшеп Бейт-Ләхәмгә юлланды, унда килеп еткәс, бөтә халыҡ уларға ҡарап хайран ҡалды, ҡатындар бер-береһенән: «Ысынлап та, Ноғомимы был?» – тип һорашты. Ноғоми уларға: – Бүтәнсә мине Ноғоми тип йөрөтмәгеҙ, миңә Мара тип әйтегеҙ, сөнки сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе тормошомдо әсе итте! Илемдән тулы сыҡҡайным, Раббы мине буш ҡул ҡайтарҙы. Ниңә һеҙ миңә Ноғоми тип өндәшәһегеҙ? Раббы миңә ҡаршы булды, сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе мине хәсрәткә һалды, – тине. Ноғоми моав килене Рут менән Моав иленән ана шулай ҡайтып төштө. Улар Бейт-Ләхәмгә килгән осорҙа арпа урағы башланғайны. Ноғомиҙың ире Әлимәләхтең үҙе менән бер нәҫелдән Боғаз тигән туғаны булып, ул бай һәм хөрмәтле кеше ине. Бер көндө Моав ҡыҙы Рут Ноғомиға: – Рөхсәт итһәң, мин, баҫыуға сығып, берәй мәрхәмәтле кеше артынан башаҡ йыйып ҡайтыр инем, – тине. – Бар, ҡыҙым, – тине Ноғоми. Шулай итеп, Рут баҫыуға китте, ураҡсылар артынан башаҡ йыя башланы. Баҡһаң, был баҫыу Әлимәләх нәҫеленән булған Боғаздыҡы булып сыҡты. Бына бер ваҡыт Бейт-Ләхәмдән Боғаз килеп, ураҡсыларҙы сәләмләне: – Раббы һеҙҙең менән булһын! Ураҡсылар уға: – Раббы һиңә фатихаһын бирһен, – тип яуапланы. Боғаз ураҡсыларға күҙ-ҡолаҡ булып йөрөгән хеҙмәтсеһенән: – Анау йәш ҡатын кемдеке ул? – тип һораны. Хеҙмәтсе уға: – Был Ноғоми менән Моав иленән килгән Моав ҡыҙы ул, – тине. – Минән: «Ураҡсыларҙан һуң көлтәләр араһында ҡойолоп ҡалған башаҡтарҙы йыйырға рөхсәт итһәгеҙ ине», – тип һорағайны. Иртә таңдан килеп, шунан бирле туҡтамай, сатырға ла инмәй тиерлек. – Ҡара әле, ҡыҙым, – тине Боғаз Рутҡа. – Башаҡ сүпләргә башҡалар баҫыуына йөрөмә, ошонан китмә, минең ураҡсы ҡатындар янында йөрө. Ураҡсылар ҡайһы баҫыуҙа ура, шулар артынан йөрө. Мин үҙемдең кешеләргә ныҡлап әйттем: һине йәберләмәҫтәр. Һыуһаһаң, һыуҙы хеҙмәтселәрем алып килгән һауыттан эс, – тине. Рут эйелеп йөҙтүбән ергә ҡапланды ла: – Мин ни өсөн һинең күҙеңдә шулай мәрхәмәт ҡаҙандым? Сит ил кешеһе булыуыма ҡарамаҫтан, ниңә мине хәстәрләйһең? – тип һораны. Боғаз уға: – Ирең үлгәндән һуң ҡәйнәңде нисек баҡҡаныңды миңә һөйләнеләр, атай-әсәйеңде, тыуған илеңде ҡалдырып, бығаса үҙең белмәгән-күрмәгән халыҡ араһында йәшәргә килгәнһең. Ҡылған игелегең өсөн Раббы һиңә рәхмәтен бирһен! Исраил Аллаһы Раббының ҡанаты аҫтына һыйынырға тип килгән һине Раббы Үҙе бүләкләһен, – тине. Рут: – Миңә ҡарата рәхимлеһең, әфәндем. Һинең хеҙмәтсе ҡатындарың араһынан булмаһам да, мин ҡолоңдо тынысландырҙың, яғымлы һүҙҙәрең менән күңелемде йыуаттың, – тине. Төшкө аш мәле еткәс, Боғаз уға: – Кил, ултыр, ашап-эсеп ал, – тине. – Икмәгеңде шарап һеркәһенә манып аша. Рут ураҡсылар менән йәнәш ултырҙы, Боғаз уға ҡурмас бирҙе. Ҡатын туйғансы ашаны, алдынан артып та ҡалды. Шунан һуң Рут ҡойолған башаҡтарҙы йыя китте. Боғаз иһә кешеләренә: – Көлтә араһында ҡалған башаҡтарҙы ла сүпләһен: теймәгеҙ уға. Көлтә бәйләгән саҡта, юрамал башаҡтарҙы төшөрөп ҡалдырығыҙ – йыйһын, уға һүҙ әйтмәгеҙ, – тине. Рут кискә тиклем башаҡ сүпләне. Йыйғанын һуғып алғас, бер эфа тирәһе арпа сыҡты. Шунан ул арпаны алып ҡалаға ҡайтты һәм йыйған ашлығын ҡәйнәһенә күрһәтте. Төшкө аштан артып ҡалған ҡурмасты ла бирҙе. Ҡәйнәһе уға: – Бөгөн ҡайҙа башаҡ йыйҙың? Ҡайҙа эшләнең? Һиңә яҡшылыҡ күрһәткән кешегә рәхмәт яуһын, – тине. Рут ҡәйнәһенә ҡайҙа эшләгәнен һөйләне: – Бөгөн мин баҫыуында башаҡ йыйған кешенең исеме Боғаз, – тине. – Уға Раббының рәхмәте төшһөн! – тине Ноғоми килененә. – Ул иҫәндәрҙе лә, үлгәндәрҙе лә мәрхәмәтенән ҡалдырмай. Шунан: – Боғаз беҙҙең яҡын туғандарыбыҙҙан, ғаиләбеҙҙе үҙенең ҡурсалауы аҫтына алырға бурыслы йолоусыбыҙ, – тине. Моав ҡыҙы Рут: – Ул миңә хатта: «Ураҡ бөткәнсе минең хеҙмәтселәрем янында йөрө», – тип әйтте, – тине. Ноғоми килененә: – Ҡыҙым, уның ураҡсылары янында йөрөүең яҡшы, юҡһа икенсе баҫыуҙа һине рәнйетеүҙәре бар, – тине. Рут, арпа һәм бойҙай урағы бөткәнсе Боғаздың ураҡсылары янында йөрөп, башаҡ сүпләне һәм ҡәйнәһе менән бергә йәшәне. Бер көндө ҡәйнәһе Ноғоми Рутҡа: – Ҡыҙым, һиңә йәшәр өсөн именерәк һәм яҡшыраҡ урын табырға теләйем. Теге ваҡыт һин уның ураҡсылары менән баҫыуында булған Боғаз, беҙҙең туғаныбыҙ, бөгөн кискеһен ырҙын табағында арпа елгәртәсәк. Һин йыуынып таҙарын, матур итеп кейен, еҫле май һөрт тә ырҙын табағына бар. Ләкин Боғаз ашап-эсеп алмайынса, күҙенә салынма. Уның ҡайҙа йоҡларға ятҡанын ҡарап тор ҙа, өҫ ябыуын һирпеп асып, уның аяҡ осона барып ят – артабан нимә эшләргә икәнен ул үҙе өйрәтер, – тине. – Бөтәһен дә һин әйткәнсә эшләрмен, – тине Рут. Ул, ырҙын табағына барып, бөтәһен дә ҡәйнәһе әйткәнсә эшләне. Боғаз ашап-эсеп алғандан һуң, кәйефләнеп, иген эҫкерте төбөнә йоҡларға ятты. Рут, йәшерен генә уның эргәһенә килеп, Боғаздың өҫ ябыуын һирпеп асты ла уның аяҡ осона ятты. Төн уртаһында ир һиҫкәнеп уянып китте лә аяҡ осонда бер ҡатындың ятҡанын абайланы. – Һин кем? – тип һораны ул. – Мин ҡолоң Рут булам. Мине үҙ ҡанатың аҫтына алһаңсы. Һин беҙҙең ғаиләбеҙҙең йолоусыһы бит, – тине Рут. – Һиңә, ҡыҙым, Раббының рәхмәте төшһөн. Был юлы һин элеккенән дә дөрөҫөрәк эшләнең – ярлымы, баймы, йәш егеттәр артынан йүгермәнең. Ҡурҡма, ҡыҙым, нимә һораһаң, шуның бөтәһен дә эшләрмен. Ҡалабыҙҙың бар халҡы белә: һин хөрмәткә лайыҡлы ҡатынһың. Дөрөҫ әйтәһең, мин һеҙҙең ғаиләгеҙҙең йолоусыһымын, шуға ла ярҙам итергә тейешмен, ләкин һинең миңә ҡарағанда ла яҡыныраҡ туғаның бар. Бөгөн бында ҡуна ҡал да, иртәгә, әгәр ҙә ул үҙ бурысын үтәһә, яҡшы, әйҙә шулай итһен. Әгәр ҙә уның ярҙам иткеһе килмәһә, тере Раббы шаһит: һине мин үҙем алырмын. Йоҡла, таң атмай әле, – тине Боғаз. Рут таңға тиклем уның аяҡ осонда йоҡланы ла, кеше күргеләгәнсе, иртүк торҙо. Боғаз: «Ырҙын табағына ҡатын-ҡыҙ килгәнен бер кем дә белмәһен ине», – тип уйлап Рутҡа: – Ҡана, шәлеңде бир. Йәйеп тотоп тор, – тине. Рут шәлен тотоп торҙо, ә Боғаз унда алты үлсәм арпа һалып күтәртте лә, үҙе ҡалаға ҡайтып китте. Рут ҡәйнәһе янына ҡайтты. Ноғоми унан: – Хәлдәр нисек, ҡыҙым? – тип һораны. Рут Боғаздың уның өсөн нимәләр эшләгәнен ҡәйнәһенә һөйләп бирҙе. Шунан: – Ул бына ошо алты үлсәм арпаны миңә: «Ҡәйнәң янына буш ҡул менән ҡайтма», тип бирҙе, – тине. Ҡәйнәһе: – Ҡыҙым, сабыр ғына көт, оҙаҡламай эштең ни менән бөтөрөн белерһең. Сөнки ул әйткән һүҙен көнөндә тамамламайынса тыныслана торған кеше түгел, – тине. Боғаз иһә ҡала ҡапҡаһы төбөнә барып ултырҙы. Ҡараһа, бая әйткән яҡын туғаны килә ята. Боғаз уға: – Бында килеп ултыр әле, – тип өндәште. Тегеһе ултырҙы. Боғаз ҡаланың аҡһаҡалдарынан ун кеше саҡырып килтерҙе лә уларға: – Ошонда ултырығыҙ, – тине. Улар ҙа ултырышты. Шунан Боғаз, туғанына ҡарап, һүҙ башланы: – Моав иленән ҡайтҡан Ноғоми ҡәрҙәшебеҙ Әлимәләхтең ер бүлемен һата. Һиңә шуны хәбәр итергә булдым. Ошонда йыйылған кешеләр, ил аҡһаҡалдары алдында һин ошо баҫыуҙы һатып алырға ризаһыңмы? Алыр булһаң – ал, алмаҫ булһаң – әйт, мин беләйем. Туғанлыҡ хоҡуғы иң тәүҙә һиндә бит, мин – һинән һуң, – тине. – Һатып алам, – тип яуапланы теге кеше. – Ноғомиҙың баҫыуын алған осраҡта, һин уның киленен, Моавтан килгән тол ҡатын Рутты ла алырға тейеш булаһың, сөнки биләмә уның мәрхүм иренең ғаиләһендә ҡалырға тейеш, – тине Боғаз. Боғаздың туғаны иһә былай тип яуап ҡайтарҙы: – Ул баҫыу өсөн йолом түләп, үҙ мөлкәтемә зыян килтерер хәлем юҡ. Шулай булғас, һатып алыу хоҡуғы һиңә күсһен, мин йолом түләй алмайым, – тине. Элек Исраил ерендә йолом түләү, алмашыу һымаҡ эштәрҙә килешеүҙең тамамланғанын белдерер өсөн, ике яҡтың береһе аяҡ кейемен сисеп икенсеһенә биргән, һәм исраилдар килешеүҙе шулай раҫлаған. Шунда теге туған кеше Боғазға: – Һин үҙең һатып ал, – тине лә аяҡ кейемен сисеп бирҙе. Боғаз аҡһаҡалдарға һәм йыйылған халыҡҡа: – Һеҙ хәҙер барығыҙ ҙа Әлимәләхтең һәм Килйон менән Махлондың өлөшөн Ноғомиҙан һатып алыуыма шаһитһығыҙ. Шулай уҡ мин Махлондың тол ҡатынын, Моав ҡыҙы Рутты ла, үҙемә ҡатынлыҡҡа алам, сөнки мәрхүмдең вариҫтары уның биләмәһен мираҫ итеп алырға, туғандарының нәҫеле менән бергә уның да нәҫеле дауам итергә, уның да исеме тыуған ерендә ошо ҡапҡа төбөндә яңғырарға тейеш. Бөгөн һеҙ быға шаһитһығыҙ! – тине. Ҡапҡа янында торған кешеләр һәм аҡһаҡалдар быны раҫланы: – Беҙ шаһитбыҙ! Раббы һинең өйөңә ингән ҡатынды Исраил йортон ҡорған Рәхилә менән Лиә һымаҡ итһен! Әфраҫала ҡеүәтле бул, Бейт-Ләхәмдә исемең дан ҡаҙанһын! Раббы һинең йортоңдо ошо йәш ҡатындан бирәсәк тоҡом аша Тамар Йәһүҙәгә табып биргән Пәрәстең йорто һымаҡ итһен! – тип теләк теләнеләр. Шулай итеп, Боғаз Рутҡа өйләнде. Улар ҡушылғандан һуң, Раббының рәхмәте менән Рут ауырға ҡалды һәм малай тапты. Ҡатындар Ноғомиға: – Һине нәҫелдән яҙҙырмаған Раббы мөбәрәк булһын! Был баланың исеме Исраилда дан ҡаҙанһын! – тинеләр. – Ул тормошоңдо яңыртыр, ҡартлығыңда үҙеңә терәк булыр! Уны бит һиңә ете улдан да артыҡ булған, һине яратҡан киленең табып бирҙе! Ноғоми сабыйҙы алып күкрәгенә ҡыҫты һәм ҡулынан төшөрмәй ҡараны. Күрше ҡатындар балаға исем ҡушып: – Ноғомиҙың улы тыуҙы, – тинеләр. Уны Ғовед тип атанылар. Ғовед – Ишайҙың, Ишай – Дауыттың атаһы. Бына Пәрәс нәҫеленең шәжәрәһе: Пәрәстән – Хесрон, Хесрондан – Рам, Рамдан – Ғамминадав, Ғамминадавтан – Нахшон, Нахшондан – Салма, Салманан – Боғаз, Боғаздан – Ғовед, Ғоведтан Ишай тыуҙы, ә Ишайҙың улы иһә – Дауыт. Әфраим таулығындағы Рамаҫаим-Суфим ҡалаһында бер кеше йәшәй ине. Уның исеме Әлҡана булып, Әфраим ырыуынан Йерохамдың улы ине. Йерохам – Әлиһу, Әлиһу – Тоху, ә Тоху иһә Суфтың улы. Әлҡананың ике ҡатыны булып, береһенең исеме – Ханна, икенсеһенеке Пенинна ине. Пениннаның балалары бар, ә Ханна балаһыҙ ине. Әлҡана, Күк ғәскәрҙәре Раббыһына ғибәҙәт ҡылыу һәм ҡорбан салыу өсөн, йыл һайын тәғәйен көндәрҙә үҙ ҡалаһынан Шилоға бара торғайны. Унда Ғәлиҙең ике улы, Хофни менән Пинхас, Раббының ҡаһиндары ине. Ҡорбан салған көндө Әлҡана ҡатыны Пениннаға һәм уның улдары менән ҡыҙҙарына иттән берәр өлөш, Ханнаға айырым өлөш бирә ине, сөнки Раббы Ханнаны түлһеҙ итһә лә, Әлҡана уны нығыраҡ ярата торғайны. Раббы Ханнаны әсә булыу бәхетенән мәхрүм иткәнгә күрә, көндәше Пенинна уның йәненә тейә, кәмһетә. Раббы йортона барған һайын йылдың-йылы шулай була. Тегеһе уның йәненә тейә, быныһы илай, тамағына ашамай. Ире Әлҡана иһә: – Ханна! – тиер ине. – Һин ниңә илайһың, нишләп ашамайһың? Ни өсөн шул тиклем өҙгөләнәһең? Мин һинең өсөн ун улдан да артығыраҡ түгелме ни? Бер көндө улар Шилола ашап-эскәндән һуң, Ханна урынынан торҙо. Ғәли ҡаһин Раббы йортоноң ишеге янында ултырғыста ултыра ине. Күңелен хәсрәт баҫҡан ҡатын әрнеп илай-илай Раббыға ялбарҙы. Нәҙер әйтеп, былай тине: – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, мин ҡолоңдоң ҡайғыһына күҙ һалып, иҫеңә алһаң, ҡолоңдо онотмайынса бер ир бала бирһәң, уны, башына бәке лә тейҙермәйенсә, Раббыға бағышлар инем. Ҡатын оҙаҡ итеп Раббыға доға ҡылған мәлдә, Ғәли уның ирендәренә ҡарап ултырҙы. Ханна күңеленән генә ялбара, уның тик ирендәре генә ҡыбырлай, ә тауышы ишетелмәй ине. Шунлыҡтан Ғәли уны иҫерек тип уйланы. – Ҡасанға тиклем иҫерек йөрөрһөң? Шарабыңдан айны инде! – тине уға Ғәли. – Юҡ, хакимым! Мин – йәне ғазаплы ҡатынмын. Шарап та, хәмер ҙә эсмәнем, Раббыма күңелемде бушатам, – тип яуап бирҙе Ханна. – Мин ҡолоңдо йүнһеҙ ҡатын тип уйлама. Сикһеҙ ҡайғым менән һағышымды һөйләүем был. – Бар, иҫән-аман йөрө. Исраил Аллаһы һорағаныңды бирә күрһен, – тип яуапланы Ғәли Ханнаға. Ҡатын: – Мин ҡолоң күңелеңә хуш килһәм икән! – тине лә үҙ юлынан китте. Барып тамағына ашаны, йөҙө лә элекке кеүек ҡайғылы түгел ине инде. Иртәгәһенә таңдан тороп Раббыға ғибәҙәт ҡылдылар ҙа Рамалағы өйҙәренә әйләнеп ҡайттылар. Әлҡана ҡатыны менән яҡынлыҡ ҡылды, һәм Раббы Ханнаны иҫенә төшөрҙө. Ханна ауырға ҡалды һәм, мәле еткәс, ир бала тапты. «Мин уны Раббынан һорап алдым», – тип, Шемуил тигән исем ҡушты. Ире Әлҡана бөтә ғаиләһе менән Раббыға йыллыҡ ҡорбандарын биреү, нәҙерҙәрен үтәү өсөн Шилоға юлланды. Ханна иһә уның менән барманы. Иренә: – Баланы имсәктән айырғас, уны Раббы хозурына үҙем алып барырмын да ул шунда ғүмерлеккә ҡалыр, – тине. – Нисек ҡулай күрәһең, шулай эшлә, – тине уға ире Әлҡана. – Имсәк ташлатҡанға тиклем ҡал. Раббы әйткәнеңде ғәмәл ҡылһын. Ҡатын өйҙә ҡалды һәм улын күкрәгенән айырғанға тиклем имеҙҙе. Сабыйҙы имсәк ташлатҡас, Ханна, өс йәшлек үгеҙ, бер эфа он, бер турһыҡ шарап алып, улын Раббының Шилолағы йортона алып килде. Бала әле сабый ғына ине. Үгеҙҙе салғандан һуң, сабыйҙы Ғәлигә килтерҙеләр. – Эй хакимым! Ғүмерең менән ант итәм, хакимым, – тине Ханна. – Яныңда тороп Раббыға ялбарған ҡатын мин. Ошо бала өсөн доға ҡылғайным. Раббы үтенесемде ҡабул итте, һорағанымды бирҙе. Һәм бына мин уны Раббыға бирәм. Инде ғүмере буйы Раббыныҡы булһын. Шунан улар Раббыға сәждә ҡылдылар. Ханна Раббыға былай тип доға ҡылды: «Раббы йөрәгемә шатлыҡ бирҙе. Раббы менән көс-ҡеүәтем артты. Дошмандар алдында ауыҙ йырам, Сөнки ҡотҡарыуыңа ҡыуанам. Изгелектә Раббыға тиңе юҡ, Эйе, Һинең кеүек һис кем юҡ, йә Раббы! Аллабыҙ кеүек һыйыныр ҡаябыҙ юҡ. Һауалы хәбәрҙәр ҡуйыртмағыҙ, Телегеҙҙән тәкәббер һүҙҙәр сыҡмаһын, Сөнки Раббы – бар нәмәне белгән Алла. Һәр эш Уның тарафынан үлсәмле. Көслөләрҙең йәйәләре һыныр, Көсһөҙ иһә ғәйрәт менән билен быуыр. Туҡ булғандар бер һыныҡ икмәк өсөн бил бөгөр, Ас булғаны һый-хөрмәттә йәшәр. Түлһеҙ ҡатын ете бала табыр, Күп балалы япа-яңғыҙ һулыр. Раббы үлтерер ҙә, терелтер ҙә, Үлеләр донъяһына ырғытыр һәм сығарыр. Раббы ярлыландырыр ҙа, байытыр ҙа, Түбән дә төшөрөр, күтәрер ҙә. Ярлыны саң-туҙандан ҡалҡытыр, Хәйерсене сүплектән күтәрер. Затлылар ҡорона ултыртып, Дан тәхетен мираҫ итеп бирер. Сөнки ерҙең нигеҙе – Раббыныҡы, Уның өҫтөнә донъяны ҡорҙо. Үҙенә тоғроларҙың һәр аҙымын ҡурсып тора, Ә яуыздарҙы ҡараңғылыҡ убыр, Сөнки кешенең ныҡлығы көсөндә түгел. Раббы ҡаршы торғандарҙы тар-мар итер, Уларға күк дөһөрләтеп ябырылыр. Раббы ерҙең һәр тарафын хөкөм ҡылыр, Үҙ батшаһына ҡеүәт бирер, Мәсихенә бөйөк көс күндерер». Әлҡана Рамаға, өйөнә, ҡайтып китте. Бәләкәй Шемуил Ғәли ҡаһин янында Раббыға хеҙмәт итергә ҡалды. Ғәлиҙең улдары йүнһеҙ кешеләр ине. Улар Раббыны таныманы, үҙҙәренең халыҡ алдындағы ҡаһинлыҡ бурыстарын бар тип тә белмәне. Берәйһе ҡорбан салһа, ит бешкән арала ҡаһиндың хеҙмәтсеһе ҡулына өс тешле сәнске тотоп килә лә уны ҡаҙанғамы, кәстрүлгәме, табағамы, көршәккәме тыға, сәнскегә нимә эләгеп сыға, шуны ҡаһин өсөн ала. Улар Шилоға килгән бөтә исраилдар менән дә шулай ҡылана торғайны. Был ғына ла етмәй, ҡаһиндың хеҙмәтсеһе эс майын яндырғанға тиклем үк килеп, ҡорбан килтергән кешегә: – Ҡаһинға ҡурырға ит бир. Ул һинән бешкән ит алмаҫ, сейен бир, – тиер ине. Ҡорбан килтереүсе: – Тәүҙә эс майы яндырылһын, шунан теләгәнеңсә алырһың, – тип әйтһә, хеҙмәтсе: – Юҡ, хәҙер үк бир, юғиһә тартып алам, – тип яуап ҡайтара торғайны. Был йәштәрҙең Раббы алдында гонаһы бик ҙур ине, сөнки улар Раббыға килтергән ҡорбандарға хөрмәт менән ҡараманылар. Үҫмер Шемуил иһә, етен эфод кейеп, Раббыға хеҙмәт итте. Йыл һайын атаһы менән әсәһе ҡорбан салыр өсөн Шилоға килгәндә, әсәһе улына өҫкө кейем тегеп килтерер булды. Ғәли Әлҡана менән ҡатынына фатиха биреп: – Алланан теләп алып, Уға биргән балаң урынына Раббы һиңә ошо ҡатыныңдан башҡа балалар бирһен, – тип әйтә торғайны. Шунан улар өйҙәренә ҡайталар ине. Раббының хәстәрлеге менән Ханна, ауырға ҡалып, өс ул, ике ҡыҙ тапты. Шемуил иһә Раббы хозурында үҫте. Ғәли бик ҡартайғайны инде. Ул улдарының бөтә исраилдарға нимәләр ҡылғаны, Осрашыу сатырына ингән ерҙә хеҙмәт иткән ҡатындар менән йоҡлап йөрөгәне хаҡында ишетә ине. Уларға: – Ни өсөн һеҙ ундай эштәр ҡылаһығыҙ? Бөтә халыҡтан һеҙҙең яманлыҡтарығыҙ тураһында ишетә йөрөйөм. Ярамай былай, уландарым! Раббы халҡы араһында таралған хәбәрҙәр яҡшы түгел. Кеше кешегә ҡаршы гонаһ ҡылһа, Алла аралашсы була алыр. Әммә кеше Раббыға ҡаршы гонаһ ҡылһа, кем уға аралашсы булыр? – тине. Тик улар аталарының әйткәнен тыңламаны, сөнки Раббы улар үлергә тейеш тип ҡарар ҡылғайны инде. Ул арала үҫмер Шемуил ҙурайҙы, Раббының да, халыҡтың да хөрмәтен ҡаҙана барҙы. Бына бер Алла бәндәһе килеп, Ғәлигә былай тине: – Раббы әйтә: «Ата-бабаң нәҫеленә Мысырҙа фирғәүенгә ҡол булған саҡтарында уҡ асылманыммы ни Мин? Ҡорбан усағыма күтәрелһен, хуш еҫ төтәтһен, эфод кейеп алдымда йөрөһөн тип, Исраилдың бөтә ырыуҙары араһынан бары ата-бабаңды Үҙемә ҡаһин итеп һайлап алдым, Исраил халҡы биргән бөтә ҡорбандарҙан атаң нәҫеленә өлөш бирҙем. Шулай булғас, ни өсөн торлағыма килтерергә бойорған ҡорбан һәм саҙаҡаларҙы һанға һуҡмайһығыҙ? Ни өсөн һин, улдарыңды Минән өҫтөн ҡуйып, халҡым Исраил килтергән бөтә ҡорбандарҙың иң яҡшы өлөшөн ашап һимереп ятаһың?» Шуға күрә Исраил Аллаһы Раббы былай тип белдерә: «Мин: „Ғаиләң һәм атаң нәҫеле Миңә мәңге хеҙмәт итәсәк“, – тигәйнем. Әммә хәҙер Раббы: „Юҡ, улай булмаясаҡ“, – тип белдерә. Мине хөрмәт иткәндәрҙе Мин дә хөрмәт итәм, ә Мине һанламаусылар хурлыҡҡа төшөрөләсәк. Бына, шундай көндәр килә: һинең дә, атаң нәҫеленең дә көсөн ҡоротасаҡмын, тоҡомоңдан һис кем өлкән йәшкә еткәнсе йәшәмәҫ. Раббының Исраилға яҡшылыҡ ҡылғанына көнләшеп ҡарарһың, сөнки һинең зат-зәүереңдә берәү ҙә өлкәнәйгәнсе йәшәмәҫ. Ҡорбан усағымдан нәҫелеңдән бер кешене алмаҫмын, тик берәүегеҙҙе генә ҡалдырырмын, уның илап күҙҙәре һуҡырайыр, йөрәге тулы хәсрәт булыр. Нәҫелеңдән булғандарҙың һәммәһе лә ғүмеренең иң сәскә атҡан мәлендә китер. Улдарың Хофни һәм Пинхас менән буласаҡ хәл һинең өсөн билдә булыр: улар икеһе бер көндө үләсәк. Мин иһә Үҙемә теләгемә һәм маҡсатыма ярашлы эш итәсәк тоғро ҡаһин ҡуйырмын. Уның нәҫелен нығытырмын. Ул ғүмере буйы Минең мәсихем янында хеҙмәт итер. Һинең нәҫелеңдән тере ҡалған һәр кем, саҡ ҡына көмөш һәм бер һыныҡ икмәк өсөн баш эйеп, уның алдына килер: „Тамаҡ ялына мине берәй ҡаһинлыҡ вазифаһына тәғәйенләһәң ине“, – тип ялыныр». Үҫмер Шемуил Ғәлиҙең ҡулы аҫтында Раббыға хеҙмәт итте. Ул осорҙа Раббының һүҙе һирәк килә, илаһи күренмештәр ҙә йыш түгел ине. Бер көндө Ғәли үҙенең урынында ята ине. Күҙҙәренең нуры ҡайтҡанлыҡтан, ул инде йүнләп күрмәй ине. Алланың шәме әле һүнмәгәйне һәм Шемуил Раббы йортонда – Алланың Изге һандығы торған урында ята ине. Раббы Шемуилға өндәште. – Мин бында! – тип яуапланы Шемуил. Ул Ғәли янына йүгереп барып: – Мине саҡырғайның. Мин бындамын! – тине. – Юҡ, мин һине саҡырманым. Бар, ят, – тине Ғәли. Шемуил урынына барып ятты. Раббы уға тағы өндәште. – Шемуил! Шемуил тороп йәнә Ғәли янына килде. – Мине саҡырғайның. Мин бындамын! – тине. – Юҡ, мин һине саҡырманым, улым, – тине Ғәли. – Бар, ят. Шемуил ул ваҡытта Раббыны танып белмәй ине – уға Раббы һүҙе асылмағайны әле. Раббы Шемуилға өсөнсө тапҡыр өндәште. Үҫмер тороп Ғәли янына китте. – Мине саҡырғайның. Мин бындамын, – тине. Шунда Ғәли үҫмергә Раббы өндәшкәнен аңланы. Ул Шемуилға: – Барып урыныңа ят. Ул яңынан өндәшһә: «Әйт, Раббым, ҡолоң Һине тыңлай», тиерһең, – тип өйрәтте. Шемуил урынына барып ятты. Раббы унда килеп торҙо ла баяғы кеүек: – Шемуил! Шемуил! – тип өндәште. Шемуил: – Әйт, ҡолоң тыңлай! – тип яуап ҡайтарҙы. Раббы Шемуилға былай тине: – Бына Мин Исраилда шундай бер эш ҡылмаҡсымын: уның хаҡында ишеткәндәрҙең бөтәһенең ҡолаҡтары сыңлар. Ул көндө Мин Ғәлигә уның нәҫеле тураһында әйткәндәремдең барыһын да ғәмәлгә ашырасаҡмын. Башлармын да тамамлап та ҡуйырмын. Улдарының Алланы хурлағанын белә тороп уларҙы тыймағаны өсөн нәҫел-ырыуын мәңгелек язаға тарттырасағым хаҡында Ғәлигә белдергәйнем инде. Шуға күрә Ғәли нәҫеленә ант итеп әйтәм: Ғәли нәҫеленең ғәйебе ҡорбандар менән дә, саҙаҡалар менән дә мәңге юйылмаҫ. Шемуил иртәнгә тиклем ятты, шунан тороп Раббы йортоноң ишектәрен асты. Күргән күренмешен Ғәлигә һөйләргә ҡурҡты. Әммә Ғәли уны: – Шемуил улым! – тип саҡырып алды. – Мин бындамын! – тине Шемуил. – Раббы һиңә нимәләр әйтте? – тип һораны Ғәли. – Минән йәшермәһәңсе. Үҙеңә әйтелгәндәрҙән берәй нәмәне йәшереп ҡалдырһаң, һиңә Раббының ҡаты ҡәһәре төшһөн. Шемуил уға бөтәһен дә һөйләп бирҙе, бер нәмә лә йәшермәне. – Ул – Раббы, – тине Ғәли. – Үҙе нисек ҡулай күрә, шулай эшләһен. Шемуил ҙурайҙы. Раббы һәр саҡ уның менән булды һәм Шемуилдың пәйғәмбәрлек һүҙҙәренең барыһын да ғәмәлгә ашырып торҙо. Дандан алып Беер-Шәвәғкә тиклем бөтә Исраил Шемуилдың Раббының ысын пәйғәмбәре икәнлеген белде. Раббы Шилола күренеүен дауам итте: Ул Үҙенең һүҙе аша Шемуилға асыла торған булды. Шемуилдың һүҙе бөтә Исраилға таралды. Шул осорҙа исраилдар пелештиҙәргә ҡаршы яуға сыҡты. Улар Әвән-Ғезәрҙә, ә пелештиҙәр Афеҡта туплам ҡорҙо. Пелешти ғәскәре исраилдарға ҡаршы теҙелеп баҫты. Алыш ваҡытында исраилдар пелештиҙәрҙән еңелде. Яу яланында дүрт меңгә яҡын Исраил яугире ҡырылды. Һуғышсылар тупламға ҡайтҡас, Исраил аҡһаҡалдары: – Ни өсөн Раббы бөгөн беҙҙе пелештиҙәрҙән еңелдерҙе икән? Раббының Килешеү һандығын Шилонан бында алып киләйек. Ул арабыҙҙа булһын һәм беҙҙе дошмандарыбыҙ ҡулынан ҡотҡарһын, – тинеләр. Халыҡ Шилоға кешеләр ебәрҙе һәм кирубтар араһында тәхет ҡорған Күк ғәскәрҙәре Раббыһының Килешеү һандығын килтерҙеләр. Ғәлиҙең ике улы Хофни менән Пинхас Алланың Килешеү һандығы янында ине. Раббының Килешеү һандығы тупламға килгәс, бөтә исраилдар шул тиклем ҡысҡырышты, хатта ер тетрәне. Ҡысҡырышҡан тауыштарҙы ишеткән пелештиҙәр: – Ғивриҙәр тупламында ниндәй шау-шыу ул? – тип ғәжәпләнде. Тупламға Раббы һандығы килгәнен белгәс, ҡурҡыуға ҡалдылар: – Аллалары уларҙың тупламдарына килгән, – тинеләр. – Харап булдыҡ! Әлегә тиклем бындай хәлдең булғаны юҡ ине. Бөттө баш! Был ҡөҙрәтле аллалар ҡулынан беҙҙе кем ҡотҡарыр? Сүлдә мысырҙарҙы һәр төрлө ҡазалар менән язалаған аллалар бит улар. Ҡыйыу булығыҙ, пелештиҙәр! Батыр тороғоҙ, юғиһә, әүәл ғивриҙәр һеҙгә нисек ҡол булһа, һеҙ ҙә шулай уларға ҡол булырһығыҙ! Шуға күрә ҡаһармандарса алышығыҙ! Пелештиҙәр яуға ташланды. Исраилдар еңелде һәм һәр береһе үҙ сатырына ҡасты. Ҡырылыш шул тиклем аяуһыҙ булды: яу яланында исраилдарҙан утыҙ мең йәйәүле ятып ҡалды. Алла һандығы тартып алынды, Ғәлиҙең ике улы – Хофни менән Пинхас үлде. Бинйәмин ырыуынан бер кеше, һуғыш яланынан ҡасып, шул көндө үк Шилоға барып етте. Кейеме йыртылған, башына тупраҡ һибелгән ине. Ул Шилоға килеп ингәндә, Алланың һандығы өсөн күңеле хәүефләнгән Ғәли юл буйында ултырғыста ҡарап ултыра ине. Теге кеше ҡалаға инеп яу яланында булған хәлдәр хаҡында хәбәр һалғас, ҡала халҡы ҡысҡырып илаша башланы. Үкереп илаған тауыштарҙы ишеткән Ғәли: – Был ниндәй шау-шыу? – тип һораны. Хәбәр килтергән әҙәм ашығып Ғәли янына килде лә һөйләп бирҙе. Ул осорҙа Ғәли туҡһан һигеҙ йәшендә булып, күҙҙәре зәғифләнгән, күрмәй ине. Әлеге кеше Ғәлигә: – Мин яу яланынан килә ятам, – тине. – Бөгөн һуғыштан ҡастым. – Нимә булды, улым? – тип һораны Ғәли. – Исраилдар пелештиҙәрҙән ҡасты, – тине хәбәр килтереүсе. – Халыҡ ныҡ ҡыйралды. Шулай уҡ ике улың – Хофни менән Пинхас үлде. Алланың һандығы тартып алынды. Был әҙәм Алла һандығын телгә алыу менән, Ғәли ҡапҡа төбөндә ултырған урынынан салҡан йығылды ла муйынын һындырып йән бирҙе, сөнки ныҡ ҡартайғайны, ауыр кәүҙәле ине. Ул Исраилға ҡырҡ йыл хаким булды. Ғәлиҙең килене – Пинхастың ҡатыны – йөклө ине, етешеп бөткәйне. Алла һандығының дошман ҡулына төшөүе, ҡайныһы менән иренең үлеме тураһында ишеткәс, тулғағы тотоп сүгәләне лә балаһы тыуҙы. Үлеп барған сағында, эргәһендә торған ҡатындар уға: – Ҡурҡма, улың тыуҙы, – тинеләр. Ләкин ул иғтибар итмәне, яуап та бирмәне. Алла һандығы алынғанға, ҡайныһы менән ире үлгәнгә күрә: – Исраилдың даны китте! – тине лә сабыйына Ихавод тип исем ҡушты. – Исраилдың даны китте, сөнки Алланың һандығы ҡулдан китте, – тине ул. Пелештиҙәр, Алла һандығын ҡулға төшөргәндән һуң, уны Әвән-Ғезәрҙән Ашдодҡа килтерҙеләр. Улар Алла һандығын Дагондың ҡорамына алып инеп, Дагон һыны эргәһенә урынлаштырҙылар. Ашдод халҡы иртәгәһенә иртән тороп ҡараһа, Дагон һыны Раббы һандығы алдында йөҙтүбән ерҙә ята! Дагонды күтәреп алып, яңынан үҙ урынына ҡуйҙылар. Иртәгәһенә йәнә иртән тороп ҡараһалар, Дагон тағы Раббы һандығы алдында йөҙтүбән ерҙә ята! Был юлы кәүҙәһе генә бөтөн килеш ҡалған, ә өҙөлгән башы менән ике ҡулы тупһа янында аунай. Шул сәбәпле Дагон ҡаһиндары ла, Дагон ҡорамына килеүселәр ҙә әлегә тиклем Ашдодтағы ҡорамдың тупһаһына баҫмай. Раббының ҡулы Ашдодта һәм уның тирәһендә йәшәүселәрҙе ауыр ҡазаларға дусар итте, уларҙың тәндәренә оролар сығарып, ҡоттарын алды. Был хәлдәрҙе күреп, Ашдодта йәшәүселәр: – Исраил Аллаһының һандығы беҙҙә ҡалмаһын, сөнки беҙгә лә, илаһыбыҙ Дагонға ла Уның ҡулы ҡаты, – тинеләр. Шунан хәбәр ебәреп, пелешти хакимдарын саҡырттылар ҙа: – Исраил Аллаһының һандығын нимә эшләтәйек? – тип һоранылар. Пелешти хакимдары: – Исраил Аллаһының һандығы Ғаҫҡа күсерелһен, – тинеләр. Исраил Аллаһының һандығы Ғаҫ ҡалаһына ебәрелде. Әммә һандыҡ унда килтерелгәндән һуң, Раббының ҡулы ул ҡалаға ла бәлә-ҡаза килтерҙе: олоһонан алып кесеһенә тиклем бөтәһенең тәненә оролар үҫеп сыҡты. Халыҡтың ҡото алынды. Бынан һуң Алла һандығын Ғәҡронға ебәрҙеләр. Алланың һандығы ҡалаға инер-инмәҫтән, Ғәҡрон халҡы: – Беҙҙе – бөтә халҡыбыҙҙы үлтереп бөтөр өсөн Исраил Аллаһының һандығын беҙгә килтергәндәр! – тип яр һалды. Хәбәр ебәреп, бөтә пелешти хакимдарын йыйып килтерҙеләр ҙә: – Исраил Аллаһының һандығын бынан оҙата күрегеҙ! Беҙҙе – беҙҙең бөтә халҡыбыҙҙы үлтереп бөтмәһен өсөн уны үҙенең урынына кире ҡайтарығыҙ, – тинеләр. Бөтә ҡаланы әжәл ҡурҡынысы биләп алғайны. Раббының ҡулы ғәйәт ҡаты ине. Үлмәй ҡалғандар оролар менән ҡапланғайны. Ҡала халҡының аһ-зары күктәргә олғашты. Раббының һандығы пелештиҙәр ерендә ете ай булды. Пелештиҙәр ҡаһиндарын һәм күрәҙәселәрен саҡырып: – Раббының һандығын нимә эшләтәйек, уны үҙенең урынына нисек кире ҡайтарайыҡ? Беҙгә өйрәтегеҙ, – тинеләр. Тегеләр: – Исраил Аллаһының һандығын кире ҡайтарырға булһағыҙ, буш ебәрмәгеҙ, – тип яуапланылар. – Уны мотлаҡ рәүештә ғәйеп ҡорбаны менән бергә кире бирегеҙ. Шул саҡта һауығырһығыҙ һәм Уның ҡулы һеҙҙе ни өсөн язалағанын аңларһығыҙ. – Ғәйеп өсөн Уға ниндәй ҡорбан ебәрәйек һуң? – тип һораны пелештиҙәр. Ҡаһиндар һәм күрәҙәселәр: – Пелешти хакимдары һанынса, алтындан яһалған биш оро менән биш сысҡан булһын, сөнки хакимдарығыҙға ла, һеҙгә лә бер төрлө ҡаза булды, – тинеләр. – Ороларығыҙҙың һындарын һәм илегеҙгә ҡырғын килтергән сысҡандарҙың һынын яһағыҙ ҙа, Исраил Аллаһына хөрмәт күрһәтегеҙ. Бәлки, Ул һеҙҙән, илаһтарығыҙҙан, ерегеҙҙән ҡаты ҡулын алыр. Ниңә һеҙгә мысырҙар һәм фирғәүен кеүек тиҫкәре булырға? Раббы мысырҙар менән аяуһыҙ булғандан һуң, улар исраилдарҙы ебәрҙеләр һәм тегеләр китте түгелме? Шулай итеп, бер яңы арба яһағыҙ, тәүгә быҙаулаған ике тана һыйыр алығыҙ. Уларға бер ваҡытта ла ҡалып кейҙерелмәгән булһын. Һыйырҙарҙы арбаға егегеҙ, ә быҙауҙарын, айырып алып, бикләгеҙ. Раббының һандығын арбаға ҡуйығыҙ, ә ғәйеп өсөн ҡорбан итеп ебәрелгән алтын әйберҙәрегеҙҙе, йәшниккә һалып, уның эргәһенә ултыртығыҙ. Шунан һандыҡты ебәрегеҙ, китһен. Әммә артынан күҙәтеп барығыҙ. Әгәр ҙә ул үҙ еренә, Бейт-Шәмәшкә барған юлға төшһә, был оло ҡазаны беҙгә Исраил Аллаһы ебәргән булыр. Юҡ икән, был ҡаза беҙгә Унан килмәгән, ә осраҡлы ғына хәл икәнен аңларбыҙ. Шулай эшләнеләр: тәүгә быҙаулаған ике тана һыйырҙы алып килеп арбаға ектеләр, быҙауҙарын өйҙә бикләп ҡалдырҙылар. Раббының һандығын һәм алтын сысҡандар менән ороларҙың һындары һалынған йәшникте арбаға ҡуйҙылар. Һыйырҙар туп-тура Бейт-Шәмәш юлынан китте. Уңға ла, һулға ла боролманылар, мөңрәй-мөңрәй бер генә юлдан барҙылар. Пелешти хакимдары уларҙың артынан Бейт-Шәмәштең сигенә тиклем күҙәтеп килде. Ул саҡта Бейт-Шәмәш халҡы яланда бойҙай ура ине. Улар һандыҡты күреп, бик ҡыуандылар. Арба Бейт-Шәмәштә йәшәгән Йеһошуағ тигән кешенең баҫыуындағы ҙур бер таш янына килеп туҡтаны. Арбаны утынға ваттылар, һыйырҙарҙы Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны итеп килтерҙеләр. Левиҙәр, Раббының һандығын һәм алтын әйберҙәр һалынған йәшникте алып, теге ҙур таштың өҫтөнә ҡуйҙы. Был көндө Бейт-Шәмәш кешеләре Раббыға тотош яндырыу ҡорбандары, башҡа ҡорбандар килтерҙе. Пелештиҙәрҙең биш хакимы ошоларҙың барыһын да ҡарап торҙо һәм шул көндө үк Ғәҡронға әйләнеп ҡайтты. Пелештиҙәр Раббыға ғәйеп ҡорбаны булараҡ ебәргән алтындан яһалған оро һындарының береһе – Ашдод, береһе – Газа, береһе – Ашҡылон, береһе – Ғаҫ һәм береһе – Ғәҡрон ҡалаһы өсөн ине. Ә алтындан ҡойолған сысҡан һындары биш пелешти хакимының биләмәһендәге нығытмалы ҡалалар һәм улар янындағы ауылдар һанынса ине. Ә өҫтөнә Раббының һандығын ҡуйған таш Бейт-Шәмәш кешеһе Йеһошуағтың баҫыуында әлегә тиклем ята. Раббы һандығының эсен асып ҡараған өсөн, Алла Бейт-Шәмәш халҡынан етмеш кешене һәләк итте. Раббы ебәргән был оло ҡазаға халыҡ ныҡ иланы. Бейт-Шәмәш халҡы: – Был мөҡәддәс Алланың, Раббының, алдында кем баҫып тора алыр? Уның һандығын үҙебеҙҙән ҡайҙа ебәрергә икән? – тинеләр. Улар Ҡыръяҫ-Еғаримда йәшәүселәргә: – Пелештиҙәр Раббының һандығын кире бирҙе. Килегеҙ, уны үҙегеҙгә алып ҡайтығыҙ, – тип илселәр ебәрҙеләр. Ҡыръяҫ-Еғаримда йәшәүселәр Раббының һандығын барып алды. Уны Авинадавтың ҡалҡыулыҡта торған йортона алып менделәр, улы Әлғазарҙы изгеләндереп, Раббы һандығын һаҡларға тәғәйенләнеләр. Изге һандыҡ оҙаҡ ваҡыт – егерме йыл буйы Ҡыръяҫ-Еғаримда булды. Ул арала бөтә Исраил халҡы илай-илай Раббыны эҙләй башланы. Шемуил бөтә Исраил халҡына былай тине: – Әгәр ҙә Раббыға бөтөн йөрәгегеҙ менән ҡайтмаҡсы булһағыҙ, арағыҙҙан ят илаһтарҙы һәм Ғаштареҫтың боттарын сығарып бырғағыҙ. Йөрәгегеҙҙе Раббыға ғына бағышлағыҙ, тик Уға ғына хеҙмәт итегеҙ. Ана шунда Ул һеҙҙе пелештиҙәр ҡулынан ҡотҡарыр. Исраилдар Бәғел менән Ғаштареҫ һындарын сығарып ырғытты һәм Раббыға ғына хеҙмәт итә башланы. Шунан Шемуил: – Бөтә Исраил халҡын Миспала йыйығыҙ. Мин һеҙҙең хаҡта Раббыға доға ҡылырмын, – тине. Исраилдар Миспала йыйылды, һыу алып, Раббы хозурында түкте һәм ул көндө ураҙа тотоп: – Беҙ Раббыға ҡаршы гонаһ ҡылдыҡ, – тине. Шемуил Миспала Исраилдың хакимы булды. Пелештиҙәр Исраил халҡының Миспала йыйылғанын ишетеп ҡалды. Уларҙың хакимдары исраилдарға ҡаршы яуға сыҡты. Был хаҡта белгәс, исраилдар ҡурҡыуға ҡалды. Улар Шемуилға: – Беҙҙең өсөн Аллабыҙ Раббыға туҡтауһыҙ ялбара күр инде, Ул беҙҙе пелештиҙәр ҡулынан ҡотҡарһын, – тиештеләр. Шул саҡ Шемуил бер имгән һарыҡ бәрәсен алды ла Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны итеп килтерҙе. Шунан Исраил өсөн Раббыға ялбарҙы. Раббы уға яуап ҡайтарҙы. Шемуил тотош яндырыу ҡорбаны ғәмәлен башҡарған ваҡытта, пелештиҙәр исраилдарға һөжүм итмәк булып яҡынлашты. Әммә Раббы ул көндө ҡеүәтле ауаз менән гөрһөлдәп пелештиҙәрҙең ҡотон алды. Улар Исраил яугирҙәре тарафынан тар-мар ителде. Исраилдар Миспанан сығып, пелештиҙәрҙе Бейт-Карға еткәнсе ҡыра-ҡыра баҫтырып барҙы. Шемуил бер таш алды, уны Миспа менән Шен араһына ҡуйҙы ла: – Раббы ошонда тиклем беҙгә ярҙам итте, – тине. Ул был ташты Әвән-Ғезәр тип атаны. Пелештиҙәр шул рәүешле баҫтырылды. Улар башҡаса Исраил ерҙәренә инмәне. Шемуилдың бөтә ғүмере буйы Раббының ҡулы пелештиҙәргә ҡаршы булды. Ғәҡрондан Ғаҫҡа тиклем пелештиҙәр ҡулы аҫтында булған ҡалалар Исраилға кире ҡайтарылды. Исраил уларҙың тирә-яғындағы ерҙәрҙе лә пелештиҙәрҙән азат итте. Исраил менән әмөриҙәр араһында ла тыныслыҡ урынлашты. Шемуил бөтә ғүмере буйы Исраилға хаким булды. Һәр йыл һайын Бейт-Илде, Гилгалды, Миспаны йөрөп сығыр, бөтә был урындарҙа Исраилға хөкөм ҡылыр ине. Шунан Рамалағы өйөнә ҡайта, унан да Исраилға хөкөм ҡылыр булды. Шунда ул Раббыға ҡорбан усағы төҙөнө. Үҙе ҡартайғас, Шемуил Исраилға хаким итеп улдарын ҡуйҙы. Өлкән улының исеме Йоил, икенсеһенең Авияһ ине. Улар Беер-Шәвәғтә хаким ине. Әммә Шемуилдың улдары уның юлынан китмәне. Улар үҙ файҙаларын ғына ҡайғыртты, ришүәт алып, ялған хөкөм сығарҙы. Исраилдың бөтә аҡһаҡалдары йыйылып, Рамаға Шемуил янына килде. Уға: – Һин инде олоғайҙың, – тинеләр. – Ә улдарың һинең юлыңдан йөрөмәй. Шуға күрә беҙҙең өҫтән башҡа халыҡтарҙа булған кеүек батша ҡуй, беҙгә ул идара итһен. Уларҙың: «Беҙгә батша ҡуй, беҙгә ул идара итһен», – тиеүҙәре Шемуилға оҡшаманы. Ул Раббыға доға ҡылды. Раббы Шемуилға: – Халыҡтың һиңә нимә тип әйткәнен тыңла. Улар һинән баш тартмай, ә үҙҙәренең батшаһы булараҡ Минән баш тарта, – тине. – Мин уларҙы Мысырҙан алып сыҡҡан көндән алып бөгөнгә тиклем Миңә нимә ҡылған булһалар, һиңә лә шулай эшләйҙәр: улар Мине ташлап, башҡа илаһтарға хеҙмәт иттеләр. Инде уларҙы тыңла, ләкин үҙҙәренә хакимлыҡ итәсәк батшаның хоҡуҡтары тураһында алдан уҡ ҡаты иҫкәрт. Үҙҙәренә батша талап иткән халыҡҡа Шемуил Раббының бөтә һүҙҙәрен һөйләп бирҙе. Былай тине: – Һеҙгә хакимлыҡ итәсәк батшаның хоҡуҡтары ошолар булыр: ул һеҙҙең улдарығыҙҙы алыр һәм үҙенең яу арбаларын йөрөтөргә ҡуйыр, атҡа атландырыр. Уның яу арбалары алдынан сабырҙар. Ҡайһыларын мең башы, ҡайһыларын илле башы итер. Ерен һөрҙөрөр, игенен урҙырыр. Һуғыш ҡоралы, яу арбалары өсөн кәрәк-яраҡ оҫталарҙар. Ҡыҙҙарығыҙҙы еҫле май яһатыу, ашарға бешертеү, икмәк һалдыртыу өсөн үҙенә алыр. Баҫыуҙарығыҙҙың, йөҙөм һәм зәйтүн баҡсаларығыҙҙың иң яҡшыларын тартып алып, үҙенең хеҙмәтселәренә өләшер. Игенегеҙҙең һәм йөҙөмдәрегеҙҙең ундан бер өлөшөн алып, үҙенең ярандарына һәм хеҙмәтселәренә таратыр. Иң яҡшы ҡолдарығыҙҙы, ҡолиәләрегеҙҙе, иң көслө егеттәрегеҙҙе, ишәктәрегеҙҙе үҙ эшенә тотонор. Ваҡ малдарығыҙҙың да унынсы өлөшөн алыр. Үҙегеҙ иһә уға ҡол булырһығыҙ. Ана шул саҡта үҙегеҙ һайлап алған батшағыҙға ҡаршы аһ-зар орорһоғоҙ, тик Раббы ул көндө һеҙгә яуап ҡайтармаясаҡ. Халыҡ барыбер Шемуилдың әйткәндәрен тыңларға теләмәне. – Юҡ, беҙҙең өҫтән батша булһын, – тинеләр. – Ул саҡта беҙ башҡа халыҡтар кеүек булырбыҙ. Батшабыҙ беҙгә хакимлыҡ итер, юл башлап йөрөр, һуғыштарыбыҙҙа баш булыр. Шемуил бөтә әйткәндәрен тыңлап бөттө лә уларҙың һүҙҙәрен Раббыға еткерҙе. Раббы Шемуилға: – Уларҙың һүҙҙәрен тыңла, өҫтәренән батша ҡуй, – тине. Шунан Шемуил исраилдарға: – Һәр кем үҙ ҡалаһына ҡайтһын, – тине. Бинйәмин ырыуынан Ҡиш тигән бер арҙаҡлы кеше була торғайны. Атаһы Авиил, Авиилдың атаһы Серор, Серорҙың атаһы Бехораҫ, ә Бехораҫтыҡы – Афиах. Ҡиштың Шаул исемле йәш, күркәм улы бар ине. Исраилдар араһында унан да матурырағы булмағандыр. Буйы һәр кешенән бер башҡа ҡалҡыуыраҡ ине. Бер көндө Шаулдың атаһы Ҡиштың инә ишәктәре юғалды. Ҡиш улы Шаулға: – Хеҙмәтселәрҙең берәйһен ал да ишәктәрҙе эҙләп алып ҡайт, – тине. Шаул хеҙмәтсеһе менән Әфраим таулығын артылды, Шалиша ерен үтте, тапманы, Шағалим ерен уҙҙы – ишәктәр унда ла юҡ ине. Унан Бинйәмин еренә еттеләр – унда ла булманы. Суфҡа килеп еткәс, Шаул хеҙмәтсеһенә: – Әйҙә боролайыҡ. Юғиһә атайым, ишәктәре өсөн борсолоуҙан туҡтап, беҙҙең өсөн хафалана башлар, – тине. Хеҙмәтсеһе иһә: – Ҡара әле, был ҡалала бер Алла бәндәһе бар, бик абруйлы кеше. Нимә әйтһә лә, ғәмәлгә аша. Әйҙә шунда барайыҡ. Бәлки, ул беҙгә юл күрһәтер, – тине. Шаул хеҙмәтсеһенә: – Барырбыҙ, тик уға нимә бирербеҙ һуң? Моҡсайыбыҙҙа икмәгебеҙ ҙә бөттө. Алла бәндәһенә бирерлек күстәнәсебеҙ ҙә юҡ. Нимәбеҙ ҡалды һуң? – тип һораны. – Бына, миндә сирек шекел көмөш бар, – тине хеҙмәтсеһе. – Барасаҡ юлыбыҙҙы әйткән өсөн Алла бәндәһенә шуны бирермен. Борон Исраилда Алланан берәй нәмә һорарға уйлаған кеше: «Әйҙә, әүлиәгә барайыҡ», – тип әйтә торған булған, сөнки пәйғәмбәрҙе ул заманда «әүлиә» тип йөрөткәндәр. Шаул хеҙмәтсеһенә: – Яҡшы, әйҙә барайыҡ, – тине. Улар Алла бәндәһе йәшәгән ҡалаға йүнәлделәр. Ҡалаға күтәрелгәндә, һыу алырға сыҡҡан ҡыҙҙарҙы осраттылар. Уларҙан: – Әүлиә бындамы? – тип һоранылар. – Эйе, ана, алдығыҙҙа. Тик тиҙерәк барығыҙ. Бөгөн ул ҡалаға килде, сөнки халыҡ табыныу ҡалҡыулығында ҡорбан килтерә, – тип яуапланы ҡыҙҙар. – Ҡалаға барһағыҙ, уны табыныу ҡалҡыулығына ашҡа киткәнсе осратырһығыҙ. Ул ҡорбанға фатиха бирмәй тороп, халыҡ табынға ултырмай. Саҡырылғандар ул килгәс кенә ашай башлаясаҡ. Йәһәтерәк атлаһағыҙ, тап итерһегеҙ. Шаул менән хеҙмәтсеһе ҡалаға китте. Ҡалаға килеп ингәндә, табыныу ҡалҡыулығына барырға тип сыҡҡан Шемуил уларҙың ҡаршыһына осраны. Шаул килерҙән бер көн алда Раббы Шемуилға былай тип әшкәрткәйне: – Иртәгә ошо ваҡытта Бинйәмин еренән һиңә бер кешене ебәрермен. Уны халҡым Исраилдың хакимы итеп мәсехләрһең. Ул халҡымды пелештиҙәр ҡулынан ҡотҡарыр. Мин халҡымдың ғазабына баҡтым, уның аһ-зарҙары Миңә килеп етте, – тине. Шемуил Шаулды күргәс, Раббы уға: – Бына Мин һиңә әйткән кеше. Халҡыма ул идара итер, – тине. Шаул ҡапҡа эргәһендә торған Шемуил янына килеп: – Әүлиәнең өйө ҡайҙа икән, әйтмәҫһеңме? – тип һораны. – Әүлиә мин булам, – тип яуапланы Шемуил Шаулға. – Әйҙә алдымдан атла, табыныу ҡалҡыулығына барайыҡ. Бөгөн һеҙ минең менән тәғәм ейерһегеҙ. Иртәгә китерһең. Күңелеңдәгенең барыһын да әйтеп оҙатырмын. Ә өс көн элек юғалған ишәктәрең өсөн борсолма, улар табылды. Исраилдың бөтөн өмөтө һиңә һәм һинең атайың ғаиләһенә йүнәлгән түгелме? Шаул уға: – Мин Исраилдың иң бәләкәй ырыуы Бинйәминдән түгелме ни? – тип яуап ҡайтарҙы. – Нәҫелем дә Бинйәмин ырыуындағы нәҫелдәр араһында иң бәләкәйе. Ни өсөн миңә улай тип әйтәһең? Шемуил Шаул менән хеҙмәтсеһен бүлмәгә алып инде, саҡырылған утыҙлап кеше араһында иң түрҙән урын бирҙе. Шунан ашнаҡсыға: – Мин һиңә, быныһын ситкәрәк һалып тор, тип биргән өлөштө алып кил, – тине. Ашнаҡсы, ботто ундағы бөтөн нәмәһе менән һайлап алып, Шаулдың алдына һалды. – Был өлөш һиңә тип ҡалдырылған, – тине Шемуил. – Алдыңа ал да аша. Уны һин тәғәйен ваҡытта мин саҡырған халыҡ менән бергә ашаһын өсөн һаҡлап ҡуйғанмын. Был көндө Шаул Шемуил менән бер табында ултырып ашаны. Табыныу ҡалҡыулығынан ҡалаға төшкәс, Шемуил Шаул менән өйөнөң башында һөйләште. Икенсе көндө иртән иртүк торҙолар. Шемуил Шаулды өй башынан саҡырып: – Әйҙә тор, мин һине оҙатып ҡуяйым, – тине. Шаул Шемуил менән бергә тышҡа сыҡты. Ҡала ситенә еткәс, Шемуил Шаулға: – Хеҙмәтсеңә әйт, беҙҙән алдараҡ атлаһын, – тине. Тегеһе алға киткәс: – Ә һин туҡта, – тип өндәште. – Һиңә Алланың һүҙен еткерәм. Шемуил, май һауытын алып, Шаулдың башына зәйтүн майы ҡойҙо. Шунан Шаулды үбеп, былай тине: – Раббы һине Үҙенең биләмәһе булған Исраилға хаким итеп мәсехләй. Бөгөн, минән киткәндән һуң, Бинйәмин ерендәге Селсахта, Рәхилә ҡәбере эргәһендә, ике кешене осратырһың. Улар һиңә: «Эҙләп сыҡҡан ишәктәрең табылды. Атайың инде ишәктәрҙе уйламай, улыма ни булды икән, тип һинең өсөн хәүефләнә», – тип әйтер. Унан юлыңды дауам итеп, Таворҙағы имән ағасына барып етерһең. Унда һиңә береһе өс кәзә бәрәсе, икенсеһе өс икмәк, ә өсөнсөһө бер турһыҡ шарап алып Алла хозурына, Бейт-Илгә сығып барған өс кеше осрар. Улар, һине сәләмләп, ике икмәк бирер. Һин уларҙы алырһың. Шунан һуң пелештиҙәрҙең һаҡсы ғәскәре торған Алла Гивғаһына килеп етерһең. Ҡалаға ингәс, лира, дөңгөр, һыбыҙғы, арфа тауыштары аҫтында табыныу ҡалҡыулығынан пәйғәмбәрлек итеп төшөп килгән бер төркөм пәйғәмбәрҙәрҙе осратырһың. Шунда һине Раббы рухы солғап алыр, һин дә улар менән бергә пәйғәмбәрлек итерһең һәм бөтөнләй башҡа кешегә әйләнерһең. Ошо билдәләр бойомға ашҡас, нимә теләйһең, шуны эшлә, сөнки Алла һинең менән. Минән алда Гилгалға төш. Тотош яндырыу, татыулыҡ ҡорбандары салыр өсөн мин дә унда барырмын. Килгәнемде ете көн көт, яныңа барғандан һуң, һиңә нимә эшләргә кәрәклеген әйтермен. Шаул Шемуил эргәһенән китергә тип боролғайны, Алла уның йөрәген үҙгәртте һәм шул көндө бөтә илаһи билдәләр бойомға ашты. Гивғаға килеп еткәндәрендә, уларҙы бер төркөм пәйғәмбәрҙәр ҡаршыланы. Шаулды Алла рухы солғап алды һәм ул башҡалар менән бергә пәйғәмбәрлек итә башланы. Уны электән белгән кешеләр, пәйғәмбәрҙәр менән пәйғәмбәрлек иткәнен күреп, бер-береһенә: – Ҡиштың улына ни булған? Әллә Шаул да пәйғәмбәр булғанмы? – тиештеләр. Шунда йәшәүселәрҙең береһе: – Ә тегеләренең аталары кем һуң? – тип яуапланы. Шунан бирле: «Шаул да пәйғәмбәр булғанмы?» – тигән һүҙ әйтем булып китте. Пәйғәмбәрлек иткәндән һуң, Шаул табыныу ҡалҡыулығына сыҡты. Шаулдың атаһының туғаны унан һәм хеҙмәтсеһенән: – Ҡайҙарҙа йөрөнөгөҙ? – тип һораны. – Ишәктәрҙе эҙләнек, – тине Шаул. – Тапмағас, Шемуилға барҙыҡ. – Шемуил һеҙгә нимәләр әйтте, миңә һөйлә әле, – тине туғаны Шаулға. – Ишәктәрҙең табылғанын әйтте, – тип яуапланы Шаул, ләкин Шемуилдың батшалыҡ тураһында һөйләгәндәрен өндәшмәне. Шемуил халыҡты Раббы хозурына Миспаға саҡырҙы. Шунан Исраил халҡына әйтте: – Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Исраилдарҙы Мысырҙан Мин алып сыҡтым. Һеҙҙе мысырҙарҙың һәм һеҙгә золом ҡылған бөтә батшалыҡтарҙың ҡулынан Мин азат иттем». Әммә һеҙ бөгөн, үҙегеҙҙе бөтә бәлә-ҡазаларҙан, ҡайғыларҙан ҡурсалаған Аллағыҙҙы инҡар итеп, Уға: «Беҙҙең өҫтән батша ҡуй», – тинегеҙ. Инде хәҙер Раббы ҡаршыһына ырыу-ырыу, нәҫел-нәҫел булып баҫығыҙ. Шемуил Исраил ырыуҙарын бер-бер артлы үҙенең алдына саҡырҙы һәм Бинйәмин ырыуы күрһәтелде. Шунан Бинйәмин ырыуына ингән нәҫелдәрҙе айырым-айырым үҙ янына саҡырҙы, Матри нәҫеле күрһәтелде. Һуңынан Матри нәҫеленән Ҡиштың улы Шаул күрһәтелде. Уны эҙләй башланылар, әммә таба алманылар. Раббынан: – Ул бында килдеме һуң? – тип һоранылар. – Ана ул ылауҙар араһында йәшенеп ята, – тине Раббы. Йүгереп барып Шаулды алып килделәр. Ул халыҡ араһына баҫты. Буйға бөтәһенән дә бер башҡа ҡалҡыуыраҡ ине. – Раббының кемде һайлағанын күрҙегеҙме? – тине Шемуил бар халыҡҡа. – Бөтә халыҡ араһында уға тиңе юҡ. Шул саҡ һәммә халыҡ: – Йәшәһен батша! – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Шемуил халыҡҡа батшалыҡ итеү ҡағиҙәләрен аңлатты, уларҙы китапҡа яҙып, Раббы алдына һалды. Шунан бөтә халыҡты өйҙәренә ҡайтарып ебәрҙе. Шаул да Гивғаға үҙенең өйөнә йүнәлде. Күңелдәренә Алла ҡағылған ҡыйыу ир-егеттәр уға эйәрҙе. Ләкин ҡайһы бер алама кешеләр: – Шул беҙҙе ҡотҡара алыр тиһеңме? – тип Шаулды һанға һуҡманы һәм уға бүләктәр килтермәне. Әммә Шаул быны ишетмәмешкә һалышты. Ғаммон батшаһы Нахаш яу менән килеп Ғилғәд Явешын ҡамап алды. Бөтөн Явеш халҡы Нахашҡа: – Беҙҙең менән килешеү төҙө, беҙ һиңә хеҙмәт итербеҙ, – тине. Әммә ғаммон Нахаш уларға: – Тик бер генә шарт менән килешеү төҙөйөм, – тип яуапланы. – Һәр берегеҙҙең уң күҙен соҡоп алам да, бөтә Исраилды мәсхәрәгә ҡалдырам. Явеш аҡһаҡалдары уға: – Беҙгә ете көн ваҡыт бир, Исраилдың һәр тарафына илселәр ебәрәйек, – тинеләр. – Әгәр ҙә беҙҙе ҡотҡарырға бер кем дә килмәһә, һиңә баш һалырбыҙ. Илселәр, Шаул Гивғаһына килеп, был хәлдәрҙе халыҡҡа һөйләп биргәс, бөтәһе лә ҡысҡырып илаша башланы. Был ваҡытта Шаул үгеҙҙәрен ҡыуып баҫыуҙан ҡайтып килә ине. – Халыҡҡа ни булған? Ниңә илашалар? – тип һораны ул. Уға Явеш кешеләре ебәргән хәбәрҙе һөйләп бирҙеләр. Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Шаулды Алла рухы солғап алды һәм унда көслө нәфрәт уты ҡабынды. Ул ике үгеҙҙе салып киҫәктәргә тураҡланы. Уларҙы илселәр аша Исраилдың һәр тарафына ебәреп, былай тине: – Шаул һәм Шемуил артынан эйәрмәгән һәр кемдең үгеҙҙәре менән ошолай буласаҡ. Халыҡты Раббының дәһшәте солғап алды һәм бөтәһе бер кешеләй юлға сыҡты. Шаул уларҙы Бәзәҡтә тупланы. Исраил халҡы өс йөҙ мең, Йәһүҙә кешеләре утыҙ мең ине. Явеш илселәренә: – Ғилғәд Явешы халҡына, иртәгә көн ҡыҙыуына тиклем ҡотҡарыласаҡһығыҙ, тип әйтегеҙ, – тинеләр. Илселәр ҡайтып был хәбәрҙе еткергәс, Явеш халҡы шатланып китте. Ғаммондарға: – Иртәгә һеҙгә баш һалабыҙ. Беҙҙең менән ни теләһәгеҙ, шуны эшләрһегеҙ, – тинеләр. Икенсе көндө Шаул үҙенең кешеләрен өс төркөмгә бүлде. Улар таң алдынан тупламдың уртаһына үтеп инделәр ҙә көндөң ҡыҙыуына тиклем ғаммондарҙы тар-мар иттеләр. Иҫән ҡалғандары тырым-тырағай һибелде, бергә торған ике кеше лә ҡалманы. Бынан һуң халыҡ Шемуилға: – «Шаулғамы һуң беҙгә батшалыҡ итергә?» – тип кемдәр әйтте? Килтерегеҙ уларҙы, үлтерәбеҙ, – тине. Ләкин Шаул: – Бөгөн берәүҙең дә йәне ҡыйылырға тейеш түгел, – тип яуапланы. – Сөнки Раббы бөгөн Исраилға ҡотолоу бирҙе. – Әйҙә, Гилгалға барайыҡ, унда батшалыҡты яңыртайыҡ, – тине Шемуил халыҡҡа. Бөтә халыҡ Гилгалға китте һәм унда Раббы хозурында Шаулды батша итеп ҡуйҙы. Раббыға татыулыҡ ҡорбандары салдылар. Шаул бөтә Исраил халҡы менән бергә рәхәтләнеп күңел асты. Шемуил бөтә Исраилға былай тине: – Бына мин, һеҙ миңә нимә тип әйтәһегеҙ, шуларҙың барыһын да тыңланым: өҫтөгөҙҙән батша ҡуйҙым. Инде һеҙҙең алдан батшағыҙ йөрөр. Ә мин инде олоғайҙым, сәстәрем салланды. Бына, улдарым һеҙҙең менән бергә. Йәш сағымдан алып ошо көнгә тиклем һеҙҙең юлбашсығыҙ булдым. Бына мин ҡаршығыҙҙа торам. Хәҙер миңә Раббы хозурында һәм Ул мәсехләгән батша алдында шаһитлыҡ ҡылығыҙ. Ҡайһығыҙҙың үгеҙен алдым? Кемдең ишәгенә ҡул һуҙҙым? Кемде таланым? Кемде йәберләнем? Эшенә күҙ йомор өсөн кемдән ришүәт алдым? Әйтегеҙ, мин ҡайтарып бирермен. Халыҡ: – Һин беҙҙе таламаның, – тип яуап бирҙе. – Беҙҙе йәберләмәнең. Бер кемдән дә һис бер нәмә алманың. Шемуил уларға: – Миңә ҡаршы бер нәмә лә тапмауығыҙға бөгөн Раббы һәм Ул мәсехләгән батша шаһит, – тине. – Эйе, шаһит! – тинеләр. – Муса менән Һарунды тәғәйенләгән, ата-бабаларығыҙҙы Мысыр еренән сығарған Раббы шаһит, – тине Шемуил халыҡҡа. – Хәҙер иһә хозурыма баҫығыҙ. Раббының һеҙгә һәм ата-бабаларығыҙға ҡылған барлыҡ яҡшылыҡтарын бәйән итеп, мин һеҙгә Раббы алдында хөкөм ҡылам. Яҡуп Мысырға килгәндән һуң ата-бабаларығыҙ Раббыға ярҙам һорап ялбарҙы. Раббы Муса менән Һарунды ебәрҙе һәм улар ата-бабаларығыҙҙы Мысырҙан алып сығып, ошо ерҙә төйәкләндерҙе. Әммә ата-бабаларығыҙ Аллалары Раббыны онотто. Шуға күрә Раббы уларҙы Хасор ғәскәре башлығы Сисераның, пелештиҙәрҙең һәм Моав батшаһының ҡулына тапшырҙы. Улар ата-бабаларығыҙға ҡаршы һуғышты. Ата-бабаларығыҙ Раббыға: «Гонаһлыбыҙ, сөнки, Раббыны ташлап, Бәғел һәм Ғаштареҫ боттарына ҡол булдыҡ. Әммә беҙҙе дошмандарыбыҙ ҡулынан ҡотҡар һәм беҙ Һиңә генә хеҙмәт итербеҙ», – тип ялбарҙы. Раббы Йеруббәғелде, Баракты, Ифтахты, Шемуилды ебәрҙе һәм һеҙҙе уратып алған дошмандарығыҙ ҡулынан ҡотҡарҙы. Хәүефһеҙ йәшәнегеҙ. Әммә Ғаммон батшаһы Нахаштың һеҙгә ҡаршы сыҡҡанын күргәс, миңә: «Юҡ, беҙҙең өҫтән батша хакимлыҡ итһен», – тинегеҙ, ә бит һеҙҙең батшағыҙ Раббы Үҙе! Шулай итеп, бына үҙегеҙ һайлаған, үҙегеҙ теләгән батша! Бына, Раббы һеҙҙең өҫтән батша ҡуйҙы. Әгәр Раббынан ҡурҡһағыҙ, Уға хеҙмәт итһәгеҙ, Уның әйткәндәрен тыңлаһағыҙ, бойороҡтарына ҡаршы килмәһәгеҙ, һеҙ ҙә, һеҙгә етәкселек иткән батшағыҙ ҙа Аллағыҙ Раббы артынан йөрөһә, барыһы ла яҡшы булыр. Әммә Раббының һүҙенә ҡолаҡ һалмаһағыҙ, Уның бойороҡтарына ҡаршы килһәгеҙ, Раббы, ата-бабаларығыҙҙы язалаған кеүек, һеҙҙе лә язалар. Ә хәҙер баҫығыҙ ҙа Раббы һеҙҙең күҙ алдығыҙҙа ҡыласаҡ ошо оло мөғжизәне күрегеҙ. Әле бойҙай урағы ваҡыты түгелме? Күк күкрәтһен, ямғыр яуҙырһын, тип Раббыға ялбарасаҡмын. Үҙегеҙгә батша һорауығыҙҙың Раббы күҙендә ниндәй ҙур золом икәнен аңларһығыҙ һәм күрерһегеҙ. Шемуил Раббыға мөрәжәғәт итте һәм Раббы ул көндө күк күкрәтеп ямғыр яуҙырҙы. Бөтә халыҡ Раббынан да, Шемуилдан да бик ҡурҡты. Бөтәһе лә Шемуилға: – Беҙ ҡолдарыңды һәләк итмәһен өсөн Аллаң Раббыға доға ҡыл, – тинеләр. – Сөнки булған гонаһтарыбыҙ өҫтөнә үҙебеҙгә батша һорап, тағы бер золом ҡылдыҡ. – Ҡурҡмағыҙ, – тине Шемуил халыҡҡа. – Ҡылған яуызлыҡ ҡылынған инде, әммә башҡаса Раббынан ситләшмәгеҙ, Уға бөтә йөрәгегеҙ менән хеҙмәт итегеҙ. Бер нәмәнән дә ҡотҡара алмаған файҙаһыҙ боттар артынан эйәрмәгеҙ, сөнки улар юҡ-бар. Раббы Үҙенең бөйөк исеме хаҡына Үҙ халҡын ташламаҫ, сөнки һеҙҙе Үҙенең халҡы итеүҙе хуш күрҙе. Миңә килгәндә инде, һеҙҙең өсөн Раббыға доға ҡылыуҙан ваз кисеп, Уға ҡаршы гонаһ эшләү ҡайҙа! Һеҙҙе артабан да яҡшы һәм хаҡ юлға өгөтләйәсәкмен. Тик Раббынан ҡурҡығыҙ, Уға бөтә йөрәктән тоғро хеҙмәт итегеҙ. Уның һеҙҙең өсөн ниндәй бөйөк эштәр башҡарғанын аңлағыҙ! Әгәр ҙә золом ҡылыуҙан туҡтамаһағыҙ, үҙегеҙ ҙә, батшағыҙ ҙа юҡ булыр. Тәхеткә ултырғанда Шаулға утыҙ йәш ине. Ул Исраилда ике йыл батшалыҡ итте. Шаул Исраилдың өс мең кешеһен һайлап алды. Уларҙың ике меңе Шаул менән Михмаста, Бейт-Илдең тауында, меңе Йонаҫан менән Бинйәмин Гивғаһында урынлашты. Ҡалған халыҡты ул өйҙәренә ҡайтарып ебәрҙе. Йонаҫан пелештиҙәрҙең Гивғалағы һаҡсы ғәскәрен ҡыйратты. Был хаҡта пелештиҙәргә лә мәғлүм булды. Ә Шаул бөтә илдә мөгөҙ ҡысҡыртырға ҡушты. – Ғивриҙәр ишетһен! – тине. Исраилдар Шаулдың пелешти ғәскәрен ҡыйратыуы тураһында һәм пелештиҙәрҙең Исраилға асыулы икәнен белде. Бынан һуң халыҡ Шаул янына Гилгалға саҡырылды. Пелештиҙәр Исраилға ҡаршы яуға йыйынды. Улар утыҙ мең яу арбаһы, алты мең һыбайлыһы, диңгеҙ ярындағы ҡом шикелле күмәк яугирҙәре менән килеп, Михмас эргәһенә Бейт-Ауендың көнсығышында туплам ҡорҙолар. Ҡамауҙа ҡалған исраилдар, үҙҙәренә ҡурҡыныс янағанын күреп, мәмерйәләрҙә, шырлыҡтарҙа, ҡаяларҙа, ер ҡыуышлыҡтарында һәм һыу һаҡлай торған соҡорҙарҙа йәшенә башланы. Ҡайһы бер ғивриҙәр Иордан йылғаһы аръяғына, Ғад һәм Ғилғәд ерҙәренә ҡасты. Шаул ул ваҡытта Гилгалда ине. Уның менән булған яугирҙәр ҡурҡыуға төшкәйне. Шаул Шемуил билдәләгән ваҡытҡа тиклем ете көн көттө. Әммә Шемуил Гилгалға килмәгәс, кешеләр Шаул янынан ҡаса башланы. Шуның өсөн Шаул: – Тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандарын миңә алып килегеҙ, – тип бойорҙо. Шунан ул тотош яндырыу ҡорбаны ғәмәлен башҡарҙы. Ул ҡорбанды яндырып та бөттө, Шемуил килеп етте. Шаул, сәләмләр өсөн, уға ҡаршы сыҡты. Ләкин Шемуил: – Нимә эшләнең һин? – тине. – Ҡарайым, халыҡ янымдан таралыша башланы, – тип яуап ҡайтарҙы Шаул. – Һин дә әйткән көндәреңдә килмәнең. Өҫтәүенә пелештиҙәр Михмаста тупланған. Хәҙер пелештиҙәр Гилгалға миңә һөжүм итәсәк, ә мин Раббынан мәрхәмәт һорап ялбарманым, тип уйланым. Шуға күрә тотош яндырыу ҡорбаны килтерергә тәүәккәлләнем. – Аҡылһыҙҙарса эш иткәнһең, – тине Шемуил. – Аллаң Раббының бойороғон тотманың. Әгәр Алланың ҡушҡанын тыңлаған булһаң, нәҫелең Исраилда мәңге батшалыҡ итер ине. Инде һинең батшалығың оҙаҡҡа бармаясаҡ. Раббы Үҙенең күңеленә хуш килгән кешене тапты, уны Үҙенең халҡына хаким итеп тәғәйенләне, сөнки һин Раббының бойороғон үтәмәнең. Бынан һуң Шемуил Гилгалдан Бинйәмин ырыуының Гивға ҡалаһына китте. Шаул үҙенең янында ҡалғандарҙы һанап сыҡты: алты йөҙ самаһы кеше ине. Шаул, уның улы Йонаҫан һәм улар менән булған кешеләр Бинйәминдәр биләмәһендәге Гивға ҡалаһында урынлашты. Пелештиҙәр иһә Михмаста туплам ҡорғайны. Пелешти яугиҙәре исраилдарҙы талау, барымта яһау өсөн өс төркөм булып тупламдарынан сыҡты. Уларҙың береһе Шуғал төбәгендәге Ғофраға, икенсеһе Бейт-Хоронға табан йүнәлде, өсөнсөһө сүлгә, Севоим үҙәненә ҡараған юл буйлап сик яғына китте. Пелештиҙәр, ғивриҙәр ҡылыс йәки һөңгө яһап ҡуймаһын, тип хәүефләнгәнлектән, бөтә Исраилда бер тимерсе лә юҡ ине. Шуға күрә исраилдар төрән, тәпке, балта, ураҡ үткерләргә кәрәк булһа, пелештиҙәргә барырға мәжбүр ине. Пелешти тимерселәре төрән тимерҙәрен, тәпке, өс айырсалы һәнәк, балта ҡайраған һәм осло таяҡ тимерен кейҙергән өсөн бер шекелдең өстән ике өлөшөн ала торғайны. Шул сәбәпле был һуғыш башланғас, Шаул менән Йонаҫан янында булған халыҡтың ҡулында ҡылыс та, һөңгө лә юҡ, был ҡоралдар бары Шаулда һәм уның улы Йонаҫанда ғына ине. Ул арала пелешти ғәскәренең алдынғы төркөмө Михмас үткәүеленә сыҡты. Бер көндө Шаул улы Йонаҫан ҡоралын йөрөтөүсе егеткә: – Әйҙә, теге яҡтағы пелешти ғәскәренең алдынғы төркөмө яғына сығайыҡ, – тине. Әммә атаһына был хаҡта бер нәмә лә өндәшмәне. Шаул Гивға янындағы Мигронда анар ағасы аҫтында ултыра ине. Эргәһендә алты йөҙгә яҡын кешеһе бар. Эфод йөрөтөүсе Ахияһ та улар араһында ине. Ул – Ихаводтың туғаны Ахитувтың улы. Ихавод иһә элек Шилола Раббының ҡаһины булған Ғәлиҙең улы Пинхастан тыуғайны. Халыҡ Йонаҫандың киткәнен белмәне. Йонаҫан пелешти ғәскәре яғына сығырға йыйынған үткәүелдең ике яғында текә ҡая бар ине. Береһенең атамаһы – Босес, икенсеһенеке – Сенне. Ҡаяларҙың береһе төньяҡҡа, Михмас яғына, икенсеһе көньяҡҡа, Гивғаға, ҡарағайны. Йонаҫан ҡорал йөрөтөүсеһенә: – Әйҙә, был сөннәтһеҙҙәрҙең ғәскәре торған яҡҡа сығайыҡ, – тине. – Бәлки, Раббы беҙҙең өсөн берәй ғәмәл ҡылыр. Ҡотҡарам тиһә, Раббыға һинең күплегең дә, аҙлығың да ҡамасау түгел. – Нисек теләйһең, шулай эшлә. Ҡайҙа кәрәк, шунда бар. Мин һинән ҡалмайым, – тине ҡорал йөрөтөүсеһе. – Хәҙер беҙ ул әҙәмдәр яғына сығырбыҙ ҙа уларға күренербеҙ, – тине Йонаҫан. – Әгәр беҙгә: «Эргәгеҙгә барғансы, тик кенә тороғоҙ», – тиһәләр, аҫта ҡалырбыҙ, улар янына менмәҫбеҙ. Ә инде: «Беҙҙең янға менегеҙ», – тиһәләр, барырбыҙ. Тимәк, Раббы уларҙы беҙҙең ҡулыбыҙға тапшыра. Был беҙҙең өсөн билдә булыр. Икәүләшеп пелешти һаҡсыларына күренделәр. – Ана, ғивриҙәр йәшенгән тишектәренән сыға башланы! – тип көлдө пелештиҙәр. Шунан Йонаҫан менән ҡорал йөрөтөүсеһенә: – Беҙҙең янға менегеҙ! Һеҙгә бер һүҙ әйтәбеҙ, – тип ҡысҡырҙылар. Йонаҫан хеҙмәтсеһенә: – Минең арттан бар. Раббы уларҙы Исраил ҡулына бирҙе, – тине. Йонаҫан аяҡ-ҡулы менән тырмашып өҫкә үрмәләне. Ҡорал йөрөтөүсеһе уның артынан эйәрҙе. Йонаҫан алдан пелештиҙәрҙе ҡырып барҙы, артынан ҡорал йөрөтөүсеһе лә үлтерә-үлтерә килде. Ошо тәүге һөжүм ваҡытында, Йонаҫан менән ҡорал йөрөтөүсеһе ике үгеҙ көнө буйы һөргән тиклем яландың яртыһылай ерҙә егермегә яҡын пелешти яугирен ҡырып һалды. Пелештиҙәрҙең бөтә ғәскәре – тупламда ла, ҡырҙа ла, алдынғы төркөмдәгеләр ҙә, баҫҡынсы төркөмөндәгеләр ҙә – ҡалтырап төштө. Ер тетрәне, Алланың дәһшәте хөкөм һөрҙө. Шул саҡ Шаулдың Бинйәмин Гивғаһындағы күҙәтселәре, күмәк халыҡтың тырым-тырағай һибелеп, тегендә-бында йүгерешкәнен күреп ҡалды. Шаул янындағы кешеләргә: – Ҡарағыҙ әле, барлағыҙ, арабыҙҙан кем киткән? – тип бойорҙо. Байҡап ҡараһалар, Йонаҫан менән ҡорал йөрөтөүсеһе юҡ икәнен белделәр. Шаул Ахияһҡа: – Алланың һандығын килтер, – тине. Ул сағында Изге һандыҡ исраилдарҙа ине. Шаул ҡаһин менән һөйләшкән арала, пелештиҙәр тупламында шау-шыу көсәйгәндән-көсәйҙе. – Ҡулыңды төшөр, – тине Шаул ҡаһинға. Ул, янындағы һуғышсылары менән бергә, һөрәнләп, алыш барған ергә ташланды һәм нимә күрә: пелешти яугирҙәре бер-береһенә ҡаршы ҡылыс күтәргән һәм шашҡан кеүек үҙ яҡындарын ҡыра. Шул саҡ быға тиклем пелештиҙәр менән булған, улар менән бергә тупламға килгән ғивриҙәр ҙә Шаул менән Йонаҫан янындағы исраилдарға ҡушылды. Әфраим таулығында йәшенгән исраилдар ҙа, пелештиҙәрҙең ҡасҡанын ишетеп, уларҙың эҙенән төштө һәм ҡыра башланы. Раббы был көндө Исраилды ҡотҡарҙы. Һуғыш Бейт-Ауен аръяғына тиклем йәйелде. Ул көндө исраилдар ныҡ талсыҡҡайны. Сөнки Шаул халыҡҡа: – Кем дә кем кискә тиклем, мин дошмандарымдан үс алғанға саҡлы, берәй нәмә ашай, шуға ҡарғыш төшһөн, – тип әйтеү әйткәйне. Шунлыҡтан бер кем дә ауыҙына ризыҡ ҡабырға ҡыйманы. Урманлы ергә килеп еттеләр. Ундағы аҡланда бал бар ине. Халыҡ урманға инде. Ҡараһалар, бал тамып тора. Тик бер генә кеше лә ҡулын ауыҙына һонманы, сөнки бөтәһе лә ҡарғыштан ҡурҡты. Йонаҫан иһә атаһының халыҡҡа әйтеү әйтеп бойорғанын ишетмәгәйне. Ынтылып ҡулындағы таяғының осон баллы кәрәҙгә манды ла ауыҙына ҡапты һәм шунда уҡ күҙ алдары яҡтырып киткәнен тойҙо. Араларынан берәү уға: – Атайың халыҡҡа, бөгөн ризыҡ ейгән кешегә ҡарғыш төшәсәк, тип әйтеү әйтте. Шуға күрә халыҡ бик ныҡ арыны, – тине. – Атайым ҡайһылай халыҡҡа бәлә килтергән, – тине Йонаҫан. – Бына ҡарағыҙ, саҡ ҡына бал ҡапҡас та күҙем асылып китте. Әгәр халыҡ дошмандарҙан ҡалған яумал менән тамаҡ ялғап алһа, пелештиҙәрҙә ҡыйралыш тағы ла күберәк булмаҫ инеме ни? Был көндө исраилдар пелештиҙәрҙе Михмастан алып Айялонға ҡәҙәр ҡырҙы һәм һуғышсылар тамам хәлдән тайҙы. Шуға күрә халыҡ табышҡа ташланды. Ваҡ малмы ул, үгеҙме, быҙаумы – тотоп алалар ҙа ергә һалып боғаҙлайҙар һәм ҡанлы килеш ашайҙар. Шаулға: – Ана, халыҡ итте ҡанлы килеш ейеп, Раббыға ҡаршы гонаһ эш ҡыла, – тип хәбәр иттеләр. – Гонаһ эш ҡылдығыҙ, – тине Шаул. – Барығыҙ, бында бер ҙур таш тәгәрләтеп килтерегеҙ. Шунан былай тине: – Халыҡ араһында йөрөп әйтеп сығығыҙ. Һәр кем үгеҙен, һарығын бында алып килһен. Ошонда салып ашағыҙ. Тик ҡан менән ейеп, Раббыға ҡаршы гонаһ эш ҡылмағыҙ. Ул кисте бөтәһе лә малдарын үҙ ҡулдары менән алып килеп, шунда салды. Шаул Раббыға бағышлап ҡорбан усағы төҙөнө. Был уның Раббыға бағышлап ҡорған тәүге ҡорбан усағы ине. Шунан Шаул: – Әйҙәгеҙ, бөгөн төндә пелештиҙәр артынан төшәйек, – тине. – Таң атҡансы уларҙы талайыҡ, бер кешеләрен дә ҡалдырмайыҡ. – Үҙең нисек ҡулай күрәһең, шулай эшлә, – тине халыҡ. Әммә ҡаһин: – Алланан кәңәш һорайыҡ, – тине. Шаул Алланан: – Пелештиҙәргә һөжүм итәйемме? Һин уларҙы Исраил ҡулына тапшыраһыңмы? – тип һораны. Әммә Алла был көндө уға яуап ҡайтарманы. Шунан һуң Шаул: – Ғәскәр башлыҡтары бында килһен. Бөгөн ниндәй гонаһ ҡылынғанын асыҡлаһындар. Исраилды ҡотҡарған тере Раббы шаһит: ғәйеп улым Йонаҫанда булған хәлдә лә, ул да үлтереләсәк, – тине. Әммә халыҡ араһынан уға яуап биреүсе булманы. Шунан Шаул бөтә исраилдарға: – Һеҙ бер яҡҡа, улым Йонаҫан менән мин икенсе яҡҡа баҫабыҙ, – тине. Халыҡ уға: – Нисек хуп күрәһең, шулай эшлә, – тип яуап бирҙе. Шаул Раббыға: – Исраил Аллаһы, дөрөҫлөктө белдер! – тип мөрәжәғәт итте. Йәрәбә һалынды һәм Йонаҫан менән Шаулға төштө, ә башҡа кешеләрҙең барыһы ла аҡланды. – Инде улым Йонаҫан менән минең арала йәрәбә һалығыҙ, – тине Шаул. Йәрәбә Йонаҫанға төштө. Шаул Йонаҫандан: – Әйт, нимә эшләнең? – тип һораны. – Ҡулымдағы таяғымдың осо менән аҙыраҡ бал алып ҡапҡайным, – тип яуапланы Йонаҫан. – Бына хәҙер үлергә тейешмен инде. – Әгәр Йонаҫан үлтерелмәһә, мине Алланың ҡаты ҡәһәре һуҡһын, – тине Шаул. Әммә халыҡ Шаулға: – Исраилға был бөйөк еңеүҙе яулаған Йонаҫан үлһенме ни? – тип ҡаршы төштө. – Тере Раббы шаһит: Йонаҫандың башынан бер сәс бөртөгө лә ергә төшмәҫ. Сөнки бөгөн ул Алланың ярҙамы менән эш итте. Шулай итеп, халыҡ Йонаҫанды үлемдән йолоп алып ҡалды. Шаул пелештиҙәрҙе артабан эҙәрләмәне. Улар үҙ ерҙәренә ҡайтып китте. Шаул Исраилда үҙенең хакимлығын нығытып, тирә-яғындағы дошмандары – Моав, Ғаммон, Эдом халыҡтары, Сова батшалары һәм пелештиҙәр менән һуғышты. Кемгә ҡаршы һуғышһа ла еңеү ҡаҙанды. Ҡаһармандарса һуғышып, ғәмәлектәрҙе тар-мар итте һәм Исраилды талаусыларҙан ҡотҡарҙы. Шаулдың Йонаҫан, Йишви һәм Малкишуағ тигән улдары булды. Йәнә ике ҡыҙы булып, олоһоноң исеме Мерав, ә кесеһе Михәл ине. Шаулдың ҡатынының исеме – Ахиноғам, ул Ахимағастың ҡыҙы ине. Ғәскәр башлығы Авнер Шаулдың атаһының бер туған ҡустыһы Нерҙың улы ине. Шаулдың атаһы Ҡиш менән Авнерҙың атаһы Нер – Авиилдың улдары. Шаул батшалыҡ иткән көндәрҙә пелештиҙәргә ҡаршы ҡаты һуғыштар булды. Шаул ниндәй көслө һәм ҡаһарман кеше күрһә, шуларҙың барыһын да үҙенең янына йыйҙы. Шемуил Шаулға былай тине: – Раббы мине Үҙенең халҡы Исраилға һине батша итеп мәсехләргә ебәргәйне. Инде Раббының һүҙҙәрен тыңла. Күк ғәскәрҙәре Раббыһы һиңә: «Исраилдар Мысырҙан сығып килгәндә, уларҙың юлына арҡыры төшкәндәре өсөн ғәмәлектәрҙе язалайым. Хәҙер бар ҙа ғәмәлектәрҙе ҡыйрат. Нимәләре бар, шуларҙың бөтәһен дә харам ҡыл. Ҡыҙғанма уларҙы: ирҙәрен һәм ҡатындарын, үҫмерҙәрен һәм имсәк балаларын, эре һәм ваҡ малын, дөйәһен һәм ишәген – һәммәһен дә үлтер», – тип бойора. Шаул ғәскәр йыйҙы һәм Телаим ҡалаһында уларҙы һананы. Ике йөҙ мең йәйәүле ғәскәр һәм Йәһүҙәнән ун мең кеше бар ине. Шаул, ғәмәлектәр ҡалаһы янына барып, ҡороған йылға үҙәнендә туҡтаны. Шунан ҡыни ҡәүеменә: – Һеҙ бынан китегеҙ. Сығығыҙ ғәмәлектәр араһынан. Юғиһә һеҙҙе лә улар менән бергә юҡ итеүем бар. Ә бит һеҙ Исраил халҡына ул Мысырҙан сыҡҡан сағында игелек ҡылдығыҙ, – тине. Ҡыниҙар ғәмәлектәрҙән айырылды. Шаул ғәмәлектәрҙе ҡыйратты һәм Хауиланан алып Мысыр сигендәге Шурға тиклем уларҙы эҙәрләп барҙы. Агагты, ғәмәлектәрҙең батшаһын, тереләй эләктерҙеләр, ә бөтә халҡын, харам ҡылып, ҡылыстан үткәрҙеләр. Әммә Шаул менән кешеләре Агагты, шулай уҡ иң яҡшы эре һәм ваҡ малды, иң һимеҙ башмаҡ һәм бәрәстәрҙе – бөтә ҡиммәтле нәмәләрҙе ҡыҙғандылар, уларҙы харам ҡылманылар, бары тик файҙаһыҙ, кәрәге булмаған әйберҙәрҙе генә юҡ иттеләр. Шемуилға Раббы һүҙе булды. Ул былай тине: – Шаулды батша итеп ҡуйғаныма үкенәм. Сөнки ул Минән ситкә боролдо, бойороғомдо еренә еткереп үтәмәне. Шемуил борсоуға ҡалды һәм төнө буйы Раббыға ялбарып доға ҡылды. Икенсе көндө иртүк тороп, Шемуил Шаулды күрергә китте. Әммә уға Шаулдың үҙенә һәйкәл ҡуйыр өсөн Кармәлгә барғаны, унан боролоп ҡайтҡандан һуң Гилгалға төшкәне хаҡында әйттеләр. Шемуил шунда юлланды. Шаул уны: – Раббы һине мөбәрәк ҡылһын. Мин Уның әмерен үтәнем, – тип ҡаршыланы. – Улай булғас, нишләп ҡолағыма һарыҡ баҡырғаны, үгеҙ мөңрәгәне ишетелә һуң? – тип һораны Шемуил. – Уларҙы ғәмәлектәрҙән алып килделәр, – тине Шаул. – Халыҡ ваҡ мал менән һыйыр малының иң яҡшыларын Раббыға, һинең Аллаңа, ҡорбан итергә тип ҡалдырҙы. Ә башҡаларын харам ҡылып юҡ иттек. – Туҡтап тор, – тине Шемуил Шаулға. – Үткән төндә Раббының миңә нимәләр әйткәнен һөйләйем һиңә. – Һөйлә, – тине Шаул. Шемуил былай тип бәйән итте: – Үҙеңде түбән тип һанаған хәлдә лә Исраил ырыуҙарына башлыҡ булманыңмы? Раббы һине мәсехләп, Исраилға батша итеп ҡуйманымы ни? Раббы һиңә әмер бирҙе. «Бар, залим ғәмәлектәрҙе харам ҡыл. Бөтәһен дә ҡырып бөтөргәнгә тиклем улар менән һуғыш», – тип һине яуға оҙатты. Ни өсөн Раббының бойороғон тыңламаның, яумалдарҙы алып ҡалып, Раббы күҙендә яман булған эш ҡылдың? – Мин Раббының әйткәндәрен тыңланым, – тип яуапланы Шаул. – Ҡайҙа ебәргән, шунда барҙым. Ғәмәлек батшаһы Агагты бында алып килдем, башҡа ғәмәлектәрҙе харам ҡылдым. Халыҡ, юҡ ителергә тейеш булған яумалдарҙан Гилгалда Раббыға, һинең Аллаңа, ҡорбан итеп салыр өсөн ваҡ мал менән эре малдың иң көрҙәрен генә алып ҡалды. – Раббының күңеленә нимә нығыраҡ оҡшай: уның ҡушҡандарын тыңлаумы, әллә һәр төрлө ҡорбандар, тотош яндырыу ҡорбандарымы? Тыңлаусанлыҡ – ҡорбандан, күндәмлек һарыҡ тәкәһенең эс майынан яҡшыраҡ. Сөнки башбаштаҡлыҡ – сихырсылыҡ кеүек үк гонаһ, тиҫкәрелек – йорт илаһтарына табыныу кеүек әшәкелек. Һин Раббының һүҙен кире ҡаҡҡан өсөн, Раббы һине батша булараҡ кире ҡаҡты. – Гонаһ ҡылдым! Раббының бойороғон, һинең һүҙҙәреңде тотманым, – тине Шаул Шемуилға. – Сөнки халыҡтан ҡурҡтым, уларҙы тыңланым. Инде минең гонаһымды ярлыҡа, бергәләп кире ҡайтайыҡ – Раббыға ғибәҙәт ҡылайым. – Һинең менән ҡайтмайым, – тине Шемуил Шаулға. – Сөнки һин Раббының һүҙен кире ҡаҡҡас, Раббы һине Исраилға батша булыуҙан кире ҡаҡты. Шемуил боролоп китмәксе булғайны, Шаул уның сапанының сабыуына йәбеште. Сабыу йыртылып сыҡты. – Бөгөн Раббы Исраил батшалығын һинән ошолай йыртып алды һәм һинән яҡшыраҡ яҡыныңа бирҙе, – тине Шемуил. – Исраилдың Даны ялған һөйләмәҫ һәм фекерен үҙгәртмәҫ. Фекерен үҙгәртергә Ул әҙәм балаһы түгел. – Гонаһ ҡылдым, – тине Шаул. – Тик һин, исмаһам, халҡымдың аҡһаҡалдары ҡаршыһында, Исраил ҡаршыһында миңә хөрмәт күрһәт, бергә ҡайтайыҡ, Раббыға, һинең Аллаңа, ғибәҙәт ҡылайым. Шемуил уның менән бергә кире боролдо, һәм Шаул Раббыға ғибәҙәт ҡылды. – Ғәмәлек батшаһы Агагты алып килегеҙ, – тине Шемуил. Бығауланған Агаг уның янына килгәндә: «Үлем әсеһе урап үткәндер», – тип өмөтләнгәйне. Әммә Шемуил: – Ҡылысың ҡатындарҙы ҡайһылай балаһыҙ ҡалдырған, хәҙер әсәйең дә шулай улһыҙ ҡаласаҡ, – тип Гилгалда, Раббы ҡаршыһында, Агагты ҡылыс менән сабып үлтерҙе. Шунан һуң Шемуил Рамаға, Шаул үҙенең өйөнә – Гивғаһына ҡайтып китте. Шемуил Шаул менән үҙенең аҡтыҡ көнөнә тиклем башҡа бер ҡасан да осрашманы, әммә уның өсөн бик көйөндө. Раббы иһә Шаулды Исраилға батша итеп ҡуйғанына үкенде. Раббы Шемуилға: – Һин ҡасанға тиклем Шаул өсөн көймәксеһең? Мин унан баш тарттым – ул Исраилға башҡаса батша булмаясаҡ. Мөгөҙгә зәйтүн майы тултыр ҙа юлға сыҡ. Мин һине Бейт-Ләхәмдә йәшәгән Ишай тигән кешегә ебәрәм: уның улдарының береһен батша итеп күҙләнем, – тине. – Мин унда нисек барайым? – тине Шемуил. – Шаул ишетеп ҡалһа, мине үлтерәсәк бит. – Үҙең менән бер орғасы башмаҡ ал. Раббыға ҡорбан салырға килдем, тип әйтерһең, – тине Раббы. – Ишайҙы ҡорбан ашына саҡыр. Мин һиңә нимә эшләргә икәнен белгертермен. Кемде күрһәтһәм, Минең өсөн шуны мәсехләрһең. Шемуил Раббы әйткәнсә эшләне – Бейт-Ләхәмгә килде. Ҡаланың аҡһаҡалдары ҡурҡышып уға ҡаршы сыҡты. – Именлек менән килдеңме? – тип һоранылар. – Именлек менән, – тип яуапланы Шемуил. – Раббыға ҡорбан ҡылырға килдем. Изгеләнегеҙ ҙә минең менән бергә ҡорбан ашына барығыҙ. Ул Ишай менән улдарын пакландырҙы һәм ҡорбан мәжлесенә саҡырҙы. Улар килгәс, Әлиавты күреп: «Раббының мәсихе ошолор, моғайын», – тип уйланы. Әммә Раббы Шемуилға: – Уның матурлығы менән буйсанлығына ҡарама. Мин уны кире ҡаҡтым, Раббы әҙәм кеүек күрмәҫ. Кеше тышҡы ҡиәфәткә, ә Раббы йөрәккә ҡарай, – тине. Ишай Авинадавты Шемуил алдынан үткәрҙе. Шемуил: – Раббы быныһын да һайламаны, – тине. Бынан һуң Ишай Шамманы алып килде. – Раббы быныһын да һайламаны, – тине Шемуил. Ишай Шемуил янына бер-бер артлы ете улын да алып килеп ҡараны. Әммә Шемуил: – Раббы быларҙың береһен дә һайламаны, – тине. Шунан Ишайҙан: – Улдарыңдың һәммәһе лә бындамы? – тип һораны. – Йәнә төпсөк улым бар, – тип яуап бирҙе Ишай. – Ул һарыҡ көтә. – Берәйһен ебәр, алып килһендәр, – тине Шемуил. – Ул килмәйенсә, тәғәм ейергә ултырмаясаҡбыҙ. Ишай кеше ебәреп, улын килтертте. Ул ике бите ҡыҙарып янып торған, матур күҙле, күркәм йөҙлө ине. Раббы Шемуилға: – Тор, уны мәсехлә, һайлаған кешем ошо, – тине. Шемуил, зәйтүн майы һалынған мөгөҙөн алып, уны ағалары алдында мәсехләне. Ошо көндән башлап Дауытты Раббы рухы солғап алды. Ә Шемуил Рамаға ҡайтып китте. Раббы рухы Шаулдан айырылды. Уны Раббы күндергән бер яуыз рух бошоноуға һалды. Ярандары Шаулға: – Алланан булған бер яуыз рух ғазаплай һине, – тинеләр. – Хакимыбыҙ, беҙгә, һиңә хеҙмәт иткән ҡолдарыңа, әмер бир, лирала оҫта уйнаған берәй кешене эҙләйек. Алланан килгән яуыз рух иңгәндә, ул уйнар ҙа һиңә рәхәтерәк булыр. Шаул хеҙмәтселәренә: – Миңә лирала оҫта уйнаған берәйһен табып килтерегеҙ, – тип бойорҙо. Ярандарының береһе: – Бейт-Ләхәмдә йәшәгән Ишайҙың бер улын күргәйнем, – тине. – Лирала матур уйнай. Ҡыйыу йөрәкле көслө бер һуғышсы, хәбәре аҡыллы, ҡиәфәте күркәм. Раббы ла уның менән. – Һарыҡ көткән улың Дауытты миңә ебәр, – тип Шаул Ишайға сапҡын юлланы. Ишай ишәккә икмәк, бер турһыҡ шарап һәм кәзә бәрәсе артмаҡлатып, улы Дауытты Шаулға оҙатты. Дауыт килеп, Шаулға хеҙмәт итә башланы. Батша уны бик оҡшатты, үҙенә ҡорал йөрөтөүсе итеп тәғәйенләне. Ә Ишайға: «Дауыт миндә хеҙмәттә ҡалһын. Уны бик хушһындым», – тип хәбәр ебәрҙе. Шул ваҡыттан башлап, Алла ебәргән яуыз рух Шаулды биләп алғанда, Дауыт лираһын алып уйнай ҙа батшаның хәле еңеләйеп ҡалыр булды. Яман рух та унан китеп тора ине. Пелештиҙәр, һуғыш асмаҡ булып, ғәскәр йыйҙы һәм Йәһүҙәнең Сохо ҡалаһында тупланды. Улар Сохо менән Ғазыҡа араһындағы Әфәс-Даммимда туплам ҡорҙо. Шаул менән исраилдар ҙа йыйылды. Улар Эла үҙәнендә туплам ҡороп пелештиҙәргә ҡаршы һуғышҡа әҙерләнде. Пелештиҙәр бер ҡалҡыулыҡҡа, исраилдар икенсе ҡалҡыулыҡҡа урынлашты. Араларында үҙәнлек ине. Пелештиҙәр тупламынан Ғаҫ ҡалаһынан булған Голиаҫ атлы бәһлеүән сыҡты. Буйы – алты терһәк тә бер ҡарыш ине. Башына баҡыр торҡа, өҫтөнә баҡыр һарайта кейгәйне. Кейеменең ауырлығы биш мең шекел тарта ине. Аяҡтарын да баҡыр теҙлек менән ҡаплаған. Арҡаһына баҡырҙан ҡыҫҡа һөңгө аҫҡан. Оҙон һөңгөһөнөң һабы туҡыу ыҫтанының арҡыры таяғы кеүек, ә тимер башағы – алты йөҙ шекел ауырлығында. Голиаҫтың алдынан ҡалҡан йөрөтөүсеһе килә. Голиаҫ туҡтаны ла сафта торған Исраил яугирҙәренә: – Нимә һеҙ һуғышырға тип теҙелеп торған булаһығыҙ? – тип һөрәнләне. – Мин пелешти, ә һеҙ Шаул ҡолдары түгелме ни? Арағыҙҙан берәй кешене һайлағыҙ, әйҙә ул минең яныма төшһөн. Әгәр ҙә көрәшеп мине үлтерә алһа, беҙ һеҙгә ҡол булырбыҙ. Ә инде мин өҫтөн сығып, уны юҡ итһәм, һеҙ ҡол булырһығыҙ, беҙгә хеҙмәт итерһегеҙ. Шунан әлеге пелешти: – Бөгөн мин Исраил ғәскәрен мәсхәрәгә ҡалдырам. Минең менән көрәшергә берәй кешегеҙҙе ебәрегеҙ! – тип өҫтәне. Уның был һүҙҙәрен ишетеп, Шаулдың да, барса исраилдарҙың да ҡоттары алынды, барыһы ла ҡурҡыуға ҡалды. Дауыт Йәһүҙәнең Бейт-Ләхәм ҡалаһынан Әфраҫ кешеһе Ишайҙың улы ине. Ишайҙың һигеҙ улы бар ине. Шаул батшалыҡ иткән заманда Ишай өлкән йәштә ине инде. Ишайҙың өлкән улдарының өсәүһе Шаул менән яуға киткәйне. Һуғышҡа киткән улдарының исемдәре былай: баш балаһы – Әлиав, икенсеһе – Авинадав, өсөнсөһө – Шамма. Дауыт, кинйә малай ине. Уның өлкән ағаларының өсәүһе иһә Шаул янында ине. Дауыт атаһының һарыҡтарын көтөр өсөн, әленән-әле Шаул янынан Бейт-Ләхәмгә ҡайтып йөрөй торғайны. Пелешти Голиаҫ ҡырҡ көн буйы иртәле-кисле уртаға сығып майҙан тотто. Ишай бер көндө улы Дауытҡа: – Бер эфа ҡурмас, бынау ун икмәкте ал да тупламға ағайҙарыңа алып барып бир. Ә был ун йомарлам сырҙы мең башына бирерһең. Ағайҙарыңдың хәл-әхүәлен бел, иҫән-аман йөрөгәндәрен белдергән берәй нәмә алып ҡайт. Ағайыңдар Шаул янында, бөтә исраилдар менән бергә Эла үҙәнендә пелештиҙәргә ҡаршы һуғыша, – тине. Дауыт иртәгәһенә иртүк торҙо, һарыҡтарын икенсе бер көтөүсегә ҡалдырҙы ла, әйберҙәрҙе алып, атаһы ҡушҡанса, юлға ҡуҙғалды. Ул тупламға килеп еткәндә, ғәскәрҙәр сафҡа теҙелешеп, ҡысҡырышып алышҡа әҙерләнә ине. Исраилдар менән пелештиҙәр бер-береһенә ҡапма-ҡаршы саф булып торалар ине. Дауыт әйберҙәрен ылау ҡарауылсыһына ҡалдырҙы ла сафтар яғына йүгерҙе. Ағалары янына килеп, уларҙан һаулыҡ һорашты. Дауыт ағалары менән һөйләшеп тора ине, пелештиҙәр сафынан Ғаҫ ҡалаһынан булған Голиаҫ атлы бәһлеүән сығып, ғәҙәттәгесә, хәбәр һалды. Дауыт уның һөйләгәндәрен ишетеп торҙо. Был кешене күреү менән, бөтә исраилдар, ҡоттары осоп, унан ҡаса башланы. Улар бер-береһенә: – Алға сыҡҡан анау кешене күрәһегеҙме? Ул Исраилды мәсхәрәләр өсөн сыға, – тиештеләр. – Кем уны үлтерә, батша шул кешегә күп итеп байлыҡ бирер, ҡыҙына кейәү итер, атаһының йортон Исраилда һалымдан азат ҡылыр ине. Дауыт эргәһендәге кешеләрҙән: – Был пелештиҙе үлтереп Исраилды хурлыҡтан ҡотҡарған кешегә нимә буласаҡ? – тип һораны. – Тере Алланың ғәскәрен мәсхәрәләргә, был сөннәтһеҙ пелешти шул тиклем кем һуң? Яугирҙәр: – Уны үлтергән кешегә шулар-шулар эшләнәсәк, – тип әлеге һүҙҙәрҙе ҡабатланы. Өлкән ағаһы Әлиавтың, Дауыттың кешеләр менән һөйләшеп торғанын ишетеп, асыуы ҡабарҙы. – Нишләп килдең бында? Ҡырҙағы аҙ ғына ҡуйҙы кемгә ышанып ҡалдырҙың? Тәкәбберлегеңде, күңелеңдең боҙоҡлоғон беләм мин. Бында һин алыш ҡарарға килгәнһең, – тип әрләп ташланы. – Мин нимә эшләнем? – тине Дауыт. – Һөйләшәм генә бит. Шунан икенсе яугиргә боролоп, йәнә шул турала һорашырға тотондо. Кешеләр уға баяғыса яуап бирҙе. Дауыттың әйткән һүҙҙәрен ишетеп, Шаулға һөйләп бирҙеләр. Ул Дауытты саҡырып алды. – Был пелешти арҡаһында бер кем дә күңелен төшөрмәһен. Мин ҡолоң барып, уның менән алышасаҡмын, – тине Дауыт Шаулға. – Һин ул пелештигә ҡаршы алышҡа сыға алмайһың, – тине Шаул. – Һин әле үҫмер генәһең, ул йәш сағынан алып һуғышсы. Әммә Дауыт уға: – Мин ҡолоң атаһының ҡуйҙарын көтә, – тип яуапланы. – Арыҫлан йәки айыу килеп, көтөүҙән берәй бәрәсте урлаһа, уның артынан барам да, һөжүм итеп, ауыҙынан тартып алам. Әгәр ҙә ул миңә ташланһа, ялынан эләктерәм дә һуғып үлтерәм. Ҡолоңдоң арыҫлан да, айыу ҙа үлтергәне бар. Был сөннәтһеҙ пелешти менән дә шулай буласаҡ, сөнки ул тере Алланың ғәскәрен хурланы. Мине арыҫлан менән айыу тырнағынан ҡотҡарған Раббы был пелештиҙең ҡулынан да ҡотҡарыр. – Улайһа, бар, – тине Шаул. – Раббы һинең менән булһын. Батша Дауытҡа үҙенең кейемдәрен бирҙе. Башына баҡыр торҡа, өҫтөнә баҡыр һарайта кейҙерҙе. Дауыт кейеме өҫтөнән уның ҡылысын таҡты ла арлы-бирле йөрөп ҡараны, сөнки бындай хәрби кейем кейгәне юҡ ине. Шунан Шаулға: – Былар менән йөрөй алмайым, күнекмәгәнмен, – тип уларҙы систе. Ҡулына таяғын алды, шишмәнән шыма ғына биш таш һайлап, биштәренә – көтөүсе муҡсаһына – һалды. Шунан һапҡыһын тотоп, пелештигә ҡаршы китте. Пелешти ҙә Дауытҡа яҡынлашты. Ҡалҡан йөрөтөүсеһе уның алдынан килә ине. Ике бите янып торған күркәм йөҙлө йәш егетте күреп, Голиаҫ уға мыҫҡыллы ҡараш ташланы. – Мин этме әллә, нишләп миңә ҡаршы таяҡ тотоп киләһең? – тине пелешти Дауытҡа. Уны үҙенең илаһтары менән ҡарғап: – Яҡыныраҡ кил, – тине. – Хәҙер мин һинең үләкһәңде һауалағы ҡоштарға, ҡырҙағы йәнлектәргә емтек итеп бирәм. Ә Дауыт пелештигә: – Һин миңә ҡаршы ҡылыс тотоп, һөңгө менән, ҡыҫҡа һөңгө менән киләһең, – тип яуапланы. – Ә мин Күк ғәскәрҙәре Раббыһының, һин хурлаған Исраил ғәскәре Аллаһының, исеме менән киләм. Бөгөн Раббы һине минең ҡулыма тапшыра. Мин һине үлтереп, башыңды ҡырҡып аласаҡмын. Ә пелешти яугирҙәренең мәйеттәрен һауалағы ҡоштарға, ерҙәге йәнлектәргә бирәсәкмен. Бөтә донъя Исраилда Алла барлығын белер. Шул саҡта бөтә был йыйын Раббының ҡылыс һәм һөңгө менән ҡотҡармағанын төшөнөр. Был һуғыш – Раббыныҡы, Ул һеҙҙе беҙҙең ҡулға тапшыра. Пелешти, урынынан ҡуҙғалып, Дауытҡа яҡынлаша башлағас, Дауыт та ашығып ғәскәрҙәр яғына, уға ҡаршы йүгерҙе. Дауыт ҡулын тығып муҡсаһынан бер таш алды ла һапҡыһы менән уны һелтәп ебәрҙе. Таш пелештиҙең маңлайына барып ҡаҙалды. Пелешти йөҙтүбән ергә йығылды. Шулай итеп, Дауыт пелештиҙе һапҡы һәм таш менән еңде. Ул пелештиҙе бәреп үлтерҙе. Дауыттың ҡулында ҡылысы юҡ ине. Шунан Дауыт йүгереп барҙы ла уның янына килеп баҫты. Ул пелештиҙең ҡылысын ҡынынан һурып алды, уны үлтереп, башын сабып өҙҙө. Бәһлеүәндәренең үлгәнен күреп, пелештиҙәр ҡаса башланы. Исраил һәм Йәһүҙә яугирҙәре күтәрелеп, ҡысҡырыша-ҡысҡырыша пелештиҙәрҙе Ғаҫҡа һәм Ғәҡрондың ҡапҡаларына тиклем баҫтырҙы. Шағараим юлы, Ғаҫ менән Ғәҡронға тиклем, пелештиҙәрҙең мәйете менән ҡапланды. Пелештиҙәрҙе ҡыуалағандан һуң, исраилдар кире килеп уларҙың тупламын таланы. Дауыт пелештиҙең башын алып, Йәрүсәлимгә килтерҙе, ҡоралдарын үҙенең сатырына ҡуйҙы. Пелештигә ҡаршы барған Дауытты күргәс, Шаул ғәскәр башлығы Авнерҙан: – Авнер, был үҫмер кемдең улы? – тип һораны. – Ғүмерең оҙон булһын, батшам, белмәйем, – тип яуап ҡайтарҙы Авнер. – Белмәһәң, бел, кемдең улы икән ул малай? – тип бойорҙо батша. Дауыт пелештиҙе үлтереп кире килә ятҡан саҡта, Авнер уны Шаул янына алып барҙы. Голиаҫтың башы Дауыттың ҡулында ине. Шаул: – Үҫмер, һин кемдең улы булаһың? – тип һораны. – Бейт-Ләхәмдән ҡолоң Ишайҙың улымын, – тип яуап ҡайтарҙы Дауыт. Дауыт Шаул менән һөйләшеп бөткәндә, Йонаҫандың күңеле Дауыттың күңеленә яғылғайны. Йонаҫан уны үҙенең йәнеләй күреп ярата башланы. Ул көндө Шаул Дауытты үҙенә алды, атаһының йортона ҡайтырға рөхсәт итмәне. Ә Йонаҫан Дауыт менән дуҫ булырға вәғәҙәләште, сөнки уны үҙ йәнеләй яратты. Йонаҫан, өҫтөндәге сапанын сисеп, Дауытҡа кейҙерҙе, башҡа кейемдәрен, ҡылысы менән йәйәһен, билбауын бирҙе. Шаул ҡайҙа ғына ебәрһә лә, Дауыт уңыш ҡаҙанды. Шуға күрә батша уны яугирҙәргә башлыҡ итеп ҡуйҙы. Быны барса халыҡ та, Шаулдың ярандары ла хуш күрҙе. Дауыт пелештиҙе үлтергәндән һуң, ғәскәрҙәр кире ҡайтып килгән саҡта, Исраилдың бөтә ҡалаларында ла ҡатын-ҡыҙҙар дөңгөр һәм шылтырауыҡтар тауышы аҫтында ҡыуаныс менән йырлап-бейеп Шаул батшаға ҡаршы сыҡты. Ҡатындар бейей-бейей: – Шаул ҡырҙы меңдәрҙе, Ә Дауыт ун меңдәрҙе, – тип һамаҡланы. Быға Шаулдың йәне көйҙө. Һарыуы ҡайнап: «Дауытҡа ун меңде, ә миңә меңде генә бирәләр. Уның хәҙер тик батшалығы ғына юҡ», – тип уйланы. Ошо көндән алып Шаул Дауытҡа шикләнеп ҡарай башланы. Иртәгәһенә былай булды: Алла күндергән яуыз рух Шаулды солғап алды. Шаул үҙенең өйөндә диуаналанырға кереште. Дауыт, ғәҙәттәгесә, лираһында уйнап ултыра ине. Ә Шаул ҡулына һөңгөһөн тотҡайны. Шаул: «Дауытты диуарға ҡаҙаҡлап ҡуям», – тип һөңгөһөн ырғытты, әммә егет ике тапҡыр унан тайшанып ҡалды. Шаул Дауыттан ҡурҡа башланы, сөнки Раббы уның менән ине, ә Шаулды ташлағайны. Шуға күрә Шаул Дауытты үҙенән йыраҡлаштырҙы. Уны мең башы итеп ҡуйҙы. Дауыт гел ғәскәрҙәрҙе һуғыштарға алып йөрөнө. Раббы уның менән булғанлыҡтан, һәр эше ыңғай барҙы. Уның уңыштарын күреп, Шаулдың ҡурҡыуы артҡандан-артты. Ә бөтә Исраил менән Йәһүҙә халҡы Дауытты яратты, сөнки ул уларҙы әйҙәп һуғыштарҙа алдан йөрөнө. Шаул Дауытҡа: – Бына минең өлкән ҡыҙым Мерав, уны һиңә ҡатынлыҡҡа бирермен. Тик һин батыр бул, Раббының һуғыштарын алып бар, – тине. Сөнки: «Дауыттың әжәле минән түгел, ә пелештиҙәр ҡулынан булһын», – тип уйланы. Әммә Дауыт Шаулға: – Батшаға кейәү булырға, үҙем кем дә Исраилда ғаиләм һәм атамдың нәҫел-нәсәбе кем? – тип яуап бирҙе. Әммә Шаулдың ҡыҙы Меравты Дауытҡа бирергә ваҡыт еткәс, ул Мехола ҡалаһынан Ғадриил тигән кешегә кейәүгә бирелде. Дауытты Шаулдың Михәл тигән ҡыҙы ярата ине. Был хаҡта батшаға еткергәс, ул бик ҡәнәғәт булды. «Уға Михәлде бирермен, – тип уйланы. – Дауыт өсөн ул тоҙаҡ булыр. Әйҙә Дауыт пелештиҙәр ҡулы менән үлтерелһен». Шунан Дауытҡа: – Миңә кейәү булырға бөгөн йәнә форсатың бар, – тине. Шунан ярандарына Дауытҡа сер итеп кенә: «Батша һине яҡын күрә, бөтә хеҙмәтселәр ҙә һине ярата. Батшаның кейәүе бул», – тип әйтергә бойорҙо. Шаулдың ярандары был һүҙҙәрҙе Дауытҡа ишеттерҙе. Дауыт уларға: – Минең кеүек бер ябай, ярлы кешегә батшаның кейәүе булыу анһат тип уйлайһығыҙмы әллә? – тип яуап бирҙе. Ярандары Дауыттың әйткәндәрен Шаулға еткерҙе. – Дауытҡа әйтегеҙ, батша, дошмандарынан үс алыр өсөн, мәһәргә йөҙ пелештиҙең сөннәт тиреһенән башҡа бер нәмә лә һорамай, – тип бойорҙо Шаул. Ул шул рәүешле Дауыттың пелештиҙәр ҡулына эләгеп менән һәләк булырына өмөтләнде. Ярандары Шаулдың әйткәндәрен Дауытҡа еткерҙе. Дауыт үҙенең батша кейәүе буласағына ҡыуанды. Тәғәйенләгән ваҡыт та үтмәгәйне әле, Дауыт кешеләре менән барып ике йөҙ пелештиҙең йәнен ҡыйҙы. Батшаның кейәүе булыр өсөн, ул үлтерелгән пелештиҙәрҙең сөннәт тиреләрен теүәл генә итеп Шаулға алып килде. Шаул уға ҡыҙы Михәлде ҡатынлыҡҡа бирҙе. Шаул Раббының Дауыт менән бергә булғанын, ҡыҙы Михәлдең Дауытты яратҡанын ап-асыҡ күрҙе. Шуға күрә ул Дауыттан тағы ла нығыраҡ ҡурҡа башланы, уның ғүмерлек дошманына әйләнде. Пелешти башлыҡтары ҡасан һөжүм итһә лә, Дауыт Шаулдың башҡа ярандарына ҡарағанда ҙурыраҡ уңышҡа ирешә ине. Шул арҡала уның исеме дан-шөһрәт ҡаҙанды. Шаул улы Йонаҫан һәм ярандары менән Дауытты үлтереү тураһында һөйләште. Йонаҫан иһә Дауытты ифрат ярата ине. – Атайым Шаул һине һәләк итергә форсат эҙләй, – тип хәбәр итте ул дуҫына. – Иртәгә иртәнсәк һаҡ бул, берәй ышаныслы урынға йәшен. Ә мин атайым менән ҡырға сығырмын да, йәшенгән ереңә барып, уның менән һинең турала һөйләшермен. Берәй хәбәр ишетһәм, һиңә еткерермен. Йонаҫан атаһы Шаулға Дауыт тураһында һәйбәт итеп һөйләне: – Батша үҙенең ҡоло Дауытҡа ҡарата гонаһ ҡылмаһын, сөнки уның һиңә бер яманлыҡ та ҡылғаны юҡ. Дауыт һәр бер эше менән һиңә ҙур файҙа килтерә, – тине. – Үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, пелештиҙе үлтерҙе. Раббы бөтә Исраилға бөйөк еңеү бирҙе. Быны һин үҙең дә күреп торҙоң, ҡыуандың. Шулай булғас, ниңә ғәйепһеҙгә ҡан түгергә, Дауытты бер сәбәпһеҙ үлтереп гонаһ ҡылырға уйлайһың? Шаул Йонаҫандың әйткәндәрен тыңлап торҙо ла: – Тере Раббы шаһит! Дауыт үлтерелмәйәсәк! – тип ант итте. Йонаҫан, Дауытты саҡырып, ошоларҙың барыһын да һөйләп бирҙе. Шунан ул Дауытты Шаулға алып барҙы. Бынан һуң Дауыт элекке кеүек батшаға хеҙмәтен дауам итте. Шул арала тағы һуғыш башланды. Дауыт, яуға сығып, пелештиҙәр менән алышты һәм уларҙы ҡыйратып ташланы. Улар ҡасып китергә мәжбүр булды. Бер көндө Шаул өйөндә ултыра, һөңгөһө ҡулында, ә Дауыт уға лирала уйнай ине. Шул саҡ Раббы күндергән яуыз рух Шаулды солғап алды. Шаул һөңгөһө менән Дауытты диуарға ҡаҙаҡлап ҡуйырға уҡталды, әммә Дауыт тайшанып өлгөрҙө. Һөңгө диуарға барып сәнселде, ә Дауыт ҡасып китте һәм ул кисте ҡотолоп ҡалды. Уны, һағалап тороп, иртәнсәк үлтерһендәр өсөн, Шаул хеҙмәтселәрен Дауыттың өйөнә ебәрҙе. Әммә ҡатыны Михәл: – Әгәр бөгөн төндә йәнеңде ҡотҡармаһаң, иртәгә үлтереләсәкһең, – тип киҫәтеп, уны тәҙрәнән төшөрөп ебәрҙе һәм Дауыт ҡасып ҡотолдо. Ә Михәл, бер йорт илаһының һынын алып, уны түшәккә һалды, баш урынына кәзә дебетенән ойпаланған кейеҙ ҡуйҙы ла, кейем менән ҡапланы. Шаул ебәргән хеҙмәтселәр Дауытты тоторға килгәс, Михәл: – Ул ауырый, – тине. Шаул: – Уны миңә түшәгендә килеш алып килегеҙ, үлтерәм, – тип кешеләрен ҡабат ебәрҙе. Хеҙмәтселәр килде. Ҡараһалар: түшәктә һын, ә башы урынында – кәзә дебетенән кейеҙ. Шаул Михәлдән: – Нишләп мине алданың, ә дошманымды ҡасырып ебәрҙең? – тип һораны. – Ул миңә: «Ебәр, юғиһә, мин һине үлтерәм», тине, – тип яуапланы Михәл. Дауыт ҡасып ҡотолдо һәм Рамаға Шемуилға килде. Уға Шаулдың үҙенә нимәләр эшләгәнен һөйләп бирҙе. Шунан Шемуил менән икәүләп Найоҫҡа килделәр. Дауыттың Рамалағы Найоҫта булыуын Шаулға еткерҙеләр. Батша үҙенең хеҙмәтселәрен Дауытты тоторға ебәрҙе. Ҡараһалар, Шемуил етәкселегендә бер төркөм пәйғәмбәрҙәрҙең пәйғәмбәрлек иткәнен күрҙеләр. Шул саҡ Раббы рухы Шаулдың кешеләренә иңде, улар ҙа пәйғәмбәрлек итә башланы. Был хаҡта Шаулға еткерҙеләр. Ул бүтән хеҙмәтселәрен ебәрҙе. Тик улары ла пәйғәмбәрлек итергә тотондо. Шаулдың өсөнсө тапҡыр ебәргән кешеләре лә пәйғәмбәрлек итергә кереште. Шаул Рамаға үҙе юлланды. Сехуҙағы ҙур һыу соҡоро янына барып еткәс: – Шемуил менән Дауыт ҡайҙа? – тип һораны. – Рамалағы Найоҫта, – тинеләр. Шаул Рамалағы Найоҫҡа китте. Әммә Алла рухы уны ла солғап алды һәм ул Найоҫҡа еткәнсе юл буйынса пәйғәмбәрлек итеп барҙы. Ул да кейемдәрен сисеп ырғытты, Шемуил алдында пәйғәмбәрлек итте. Көнө буйы, төнө буйы яланғас ятты. Халыҡтың: «Шаул да пәйғәмбәр булғанмы?» – тигәне шунан тороп ҡалған. Дауыт Рамалағы Найоҫтан ҡасып, Йонаҫанға килде лә унан: – Ни эшләнем мин? Ғәйебем нимәлә? – тип һораны. – Атайыңа ҡаршы ниндәй гонаһ ҡылдым, ниңә ул минең йәнемде көҫәй? – Был булмаясаҡ! Һин үлмәйәсәкһең, – тине Йонаҫан. – Атайым миңә белдермәйенсә ҙур эшкә лә, бәләкәй эшкә лә тотонмай. Нишләп ул был ниәтен минән йәшерһен? Улай булмаясаҡ! Әммә Дауыт ант итеп: – Һинең мине хуш күргәнеңде атайың бик яҡшы белә. Шуға күрә: «Был хаҡта Йонаҫан һиҙмәһен, юғиһә көйәләнер», тип уйлай. Әммә тере Раббы ла, һин дә шаһит: минең менән әжәл араһында тик бер аҙым ғына, – тине. Йонаҫан Дауытҡа: – Йәнең нимә теләй, һинең өсөн барыһын да эшләйем, – тине. – Ҡара, иртәгә Яңы ай байрамы, – тине Дауыт Йонаҫанға. – Мин батша менән бер табында ултырырға тейешмен. Ләкин һин мине ебәрһәң, мин иртәгәнән һуңға кискә тиклем ҡырҙа йәшенеп торор инем. Әгәр атайың юҡлығымды абайлаһа: «Дауыт тыуған ҡалаһы Бейт-Ләхәмгә ҡайтырға һораны, сөнки нәҫел-нәсәбе йыллыҡ ҡорбандарын сала», – тип әйтерһең. Әгәр ҙә ул «ярар» тиһә, тимәк, мин ҡолоңа ҡурҡыныс янамай. Ә инде асыуы тоҡанһа, бел, ул миңә яуызлыҡ эшләргә ниәтләй. Ә һин ҡолоңа мәрхәмәт ҡыл, сөнки Раббы алдында минең менән вәғәҙәләштең. Ғәйебем бар икән, үҙең үлтер. Ниңә мине атайыңа алып барырға? – тине. – Булыуы мөмкин түгел! – тип яуапланы Йонаҫан. – Әгәр атайымдың уйында яуызлыҡ икәнен ысынлап та белһәм, һиңә әйтмәй ҡаламмы һуң? – Әгәр атайың һиңә асыулы яуап бирһә, кем миңә хәбәр итер? – тип һораны Дауыт. – Әйҙә, ҡырға сығайыҡ, – тине Йонаҫан. Икәүләп яланға киттеләр. Йонаҫан былай тине: – Исраил Аллаһы Раббы хаҡы менән ант итәм! Иртәгә йәки иртәгәнән һуң ошо ваҡытҡа атайымдың ниәтен беләсәкмен. Әгәр ҙә ул һиңә ҡарата яҡшы теләктә булһа, әлбиттә, хәбәр ебәрермен. Әгәр атам һиңә яуызлыҡ уйлаһа, был хаҡта һиңә хәбәр итмәһәм һәм һинең иҫән-аман ҡасып китеүеңә юл ҡуймаһам, миңә Раббының ҡаты ҡәһәре төшһөн! Раббы нисек атайым менән булған, һинең менән дә шулай юлдаш булһын. Тик һин дә мине, иҫән сағымда, Раббының мәрхәмәтенән айырма. Әгәр ҙә мин үлһәм, хатта Раббы Дауыттың бөтә дошмандарын ер йөҙөнән юҡ иткән саҡта ла, нәҫел-ырыуымды яҡшылығыңдан мәңге мәхрүм итмә! Шулай итеп, Йонаҫан Дауыттың нәҫел-нәсәбе менән килешеү төҙөнө. – Раббы Дауыттың дошмандарын язалаһын! – тине. Йонаҫан Дауытты үҙенең йәнеләй күреп ярата ине. Ул: – Миңә булған дуҫтарса һөйөүеңде раҫла, – тип Дауытты тағы бер мәртәбә ант иттерҙе. Йонаҫан уға былай тине: – Иртәгә Яңы ай байрамы. Һинең турала һорарҙар, сөнки урының буш буласаҡ. Шуға күрә иртәгәнән һуңға тиҙ генә элек йәшеренгән урынға кил, Әзәл ташы янына ултыр. Ә мин, сәпкә төҙәгән булып, шул яҡҡа өс уҡ атырмын. Шунан: «Уҡтарҙы эҙләп тап», – тип хеҙмәтсе малайҙы ебәрермен. Әгәр ҙә уға: «Ана бит, уҡтар артыңда ята, уларҙы алып кил», – тиһәм, сығырһың. Тимәк, хәүеф юҡ. Тере Раббы шаһит: һиңә бер нәмә лә булмаҫ. Ә инде малайға: «Ана бит, уҡтар алдыңда ята», – тиһәм, китерһең. Тимәк, Раббы һине ебәрә. Ә үҙ-ара килешеүебеҙгә килгәндә инде, Раббы һинең менән минең арала мәңге шаһит булһын. Дауыт ҡырға китеп йәшенде. Яңы ай тыуғас, батша килеп байрам табынына ултырҙы. Ғәҙәттәгесә, батша үҙенең диуар эргәһендәге урынын алды. Йонаҫан баҫып торҙо, ә Авнер Шаул янына урынлашты. Дауыттың урыны буш ҡалды. Был көндө Шаул бер нәмә лә өндәшмәне: «Моғайын, Дауыт берәй хәлгә юлыҡҡандыр. Эйе, шулайҙыр, ул үҙен нәжесләгәндер», – тип уйланы. Иртәгәһенә, айҙың икенсе көнөндә, Дауыттың урыны йәнә буш ҡалды. Шаул улы Йонаҫандан: – Ишай улы ни өсөн кисә лә, бөгөн дә табынға килмәне? – тип һораны. Йонаҫан батшаға: – Дауыт Бейт-Ләхәмгә ҡайтыр өсөн минән бик үтенеп рөхсәт һораны, – тип яуап бирҙе. – «Зинһар рөхсәт ит, нәҫелебеҙ ҡалала ҡорбан сала. Ағайым миңә лә ҡайтырға ҡушты. Әгәр ҙә күңелеңә хуш килһәм, ебәр, барып туғандарымды күреп киләйем», тине. Шуға ул батша табынына килмәне. Шаулдың Йонаҫанға ҡаршы асыуы ҡупты. – Һин йүнһеҙ, тиҫкәре әсәңдең балаһы! Ишай улы менән дуҫлашҡаныңды белмәй йөрөйөммө ни мин? Был ҡылығың менән үҙеңде һәм һине тапҡан әсәңде оятҡа ҡалдырҙың бит. Ишай улы ер йөҙөндә йәшәгәндә, үҙең дә, батшалығың да имен булмаясаҡ! Хәҙер үк кеше ебәр, уны бында килтерт. Ул мотлаҡ үлергә тейеш! – тине. – Ниңә уны үлтерергә? Ни эшләгән ул? – тип ҡаршы төштө Йонаҫан атаһы Шаулға. Шаул, үлтерергә теләп, улына һөңгөһөн ырғытты. Йонаҫан атаһының ысынлап та Дауытты һәләк итергә ниәтләгәнен аңланы. Йонаҫан нәфрәтләнеп табынды ташлап сығып китте. Яңы ай байрамының икенсе көнөндә ул тамағына ашаманы, сөнки атаһының Дауытты хурлауы уны ҡаты ҡайғыға һалғайны. Иртәгәһенә иртәнсәк ул Дауыт менән алдан килешелгәнсә ҡырға сыҡты. Янында бер бәләкәй малай ҙа бар ине. – Йүгер, атҡан уҡтарымды эҙләп тап, – тине ул малайға. Малай йүгерҙе, ә Йонаҫан уҡтарын унан аша барып төшөрлөк итеп атты. Малай уҡ төшкән ергә барып етеп килгән саҡта, Йонаҫан уның артынан: – Ана ҡара, уҡ алдыңда ята, – тип ҡысҡырҙы. Шунан йәнә: – Тиҙ бул, йүгер, туҡтама! – тип һөрәнләне. Малай, Йонаҫандың уҡтарын йыйып алып, хужаһына килтереп бирҙе. Малай бер нәмә лә һиҙмәне. Эштең ниҙә икәнлеген Йонаҫан менән Дауыт ҡына белә ине. Йонаҫан малайға ҡоралын бирҙе лә: – Бар, ҡалаға алып ҡайт, – тине. Малай киткәс, Дауыт көньяҡ тарафтан килеп сыҡты ла, ергә тиклем бөгөлөп, өс тапҡыр баш эйҙе. Үбешеп күрештеләр, икәүләшеп илаштылар. Дауыт бигерәк тә ныҡ иланы. – Иҫән-аман йөрө, – тине Йонаҫан Дауытҡа. – Раббы минең менән һинең арала, минең тоҡомом менән һинең тоҡомоң араһында мәңге булһын, тип Раббы исеме менән ант бирешкәнбеҙ. Бынан һуң Дауыт үҙ юлына китте, Йонаҫан кире ҡалаға ҡайтты. Дауыт Новҡа Ахимәләх тигән ҡаһинға килде. Ахимәләх хәүефләнеп Дауытҡа ҡаршы сыҡты. – Нишләп яңғыҙың, яныңда бер кем дә юҡ? – тип һораны. – Батша миңә бер йомош ҡушты, – тип яуапланы Дауыт Ахимәләх ҡаһинға. – «Һине ни өсөн ебәргәнемде, ни бойорғанымды бер кем дә белмәһен», – тине. Шуға күрә егеттәремде билдәле урында ҡалдырҙым. Ҡана, ҡул аҫтыңда ашарлыҡ нимә бар? Миңә биш икмәк йәки, нимәң булһа, шуны бир. – Ябай икмәгем юҡ, – тип яуапланы ҡаһин Дауытҡа. – Әгәр егеттәрең ҡатындар менән яҡынлыҡ ҡылмаған булһа, пак булһа, – изге икмәгем бар. – Һәр ваҡыттағыса, сәфәрҙә булған сағыбыҙҙа ҡатын-ҡыҙ затынан йыраҡбыҙ, – тине Дауыт. – Кешеләрем, ғөмүмән, юлда үҙҙәрен пак тота, ә инде бындай махсус эш менән йөрөгәндә бигерәк тә. Ҡаһин Дауытҡа изге икмәк бирҙе, сөнки унда ошо Раббы хозурына ҡуйылғанынан башҡаһы юҡ ине. Был икмәк шул көндө, урынына йылыһын ҡуйыр өсөн, Раббы алдынан алынғайны. Ул көндө Шаул хеҙмәтселәренең береһе, көтөүселәр башлығы Доег тигән эдоми ҙа бында Раббы хозурында тора ине. – Ҡул аҫтыңда һөңгөмө, ҡылысмы юҡмы? Батшаның йомошо ашығыс булғанлыҡтан, ҡылыс та, башҡа ҡорал да алып өлгөрмәнем, – тине Дауыт Ахимәләхкә. – Үҙең Эла үҙәнендә үлтергән пелешти Голиаҫтың ҡылысы бар, – тип яуап ҡайтарҙы ҡаһин. – Эфод артында, кейемгә төрөлгән килеш ята. Теләһәң, шуны ал, бында башҡа ҡорал юҡ. – Шунан да яҡшыһы юҡ, бир уны миңә, – тине Дауыт. Дауыт ул көндө, Шаулдан ҡасып, Ғаҫ батшаһы Ахишҡа килде. Ахиштың хеҙмәтселәре: – Был теге илдең батшаһы Дауыт түгелме? – тинеләр. – Бейешкәндә: «Шаул ҡырҙы меңдәрҙе, Ә Дауыт ун меңдәрҙе», – тип уның тураһында йырламайҙар инеме? Дауыт был һүҙҙәрҙе күңеленә һалып ҡуйҙы һәм Ғаҫ батшаһы Ахиштан бик ҡурҡты. Ул бөтәһе алдында йөҙөн үҙгәртеп, диуана булып ҡыланды, ҡапҡа-ишектәрҙе тырнап, һаҡалына шайығын ағыҙып йөрөнө. Ахиш ярандарына: – Был бәндәнең торғаны бер тиле икәнен күрмәйһегеҙме ни? – тип асыуланды. – Уны миңә нимә тип алып килдегеҙ? Беҙҙә аҡылдан шашҡандар әҙме? Минең алдымда диуаналанһын тип килтерҙегеҙме? Шул минең һарайыма инерме? Дауыт, бынан китеп, Ғадуллам мәмерйәһендә йәшенде. Был хаҡта ишеткән ағалары, атаһы йортондағылар уның янына килде. Шулай уҡ ҡыйырһытылған кешеләр, бурыстарын түләй алмағандар, күңелдәрендә рәнйеше булғандар уның тирәһенә тупланды. Тора-бара уларҙың һаны дүрт йөҙгә барып етте һәм Дауыт уларға башлыҡ булды. Дауыт бынан Моавтың Миспе ҡалаһына барҙы һәм Моав батшаһына: – Алланың мине нимә эшләтәсәген белгәнгә тиклем, атайым менән әсәйемде һиндә ҡалдырып торорға рөхсәт ит, – тине. Шулай итеп, Дауыт ата-әсәһен Моав батшаһы янына алып килде. Дауыт йәшенеп ятҡан ерендә булған арала, улар шунда йәшәне. Әммә Ғад пәйғәмбәр: – Һин бында – йәшенгән урыныңда ҡалма, Йәһүҙә еренә бар, – тигәс, Дауыт Хәрәҫ урманына китте. Шаул Дауыттың үҙ кешеләре менән ошо тирәлә күренгәне тураһында ишетте. Ул Гивғала бер ҡалҡыу ерҙә тамариск ағасы аҫтында ҡулына һөңгө тотоп ултыра ине. Эргәһендә бөтә ярандары баҫып тора. Шаул янында торған ярандарына: – Эй Бинйәмин улдары, мине тыңлағыҙ! – тине. – Ишайҙың улы һәр берегеҙгә баҫыуҙар, йөҙөм баҡсалары бирер, һәр берегеҙҙе мең башы, йөҙ башы итеп ҡуйыр, тип уйлайһығыҙмы? Ни өсөн миңә ҡаршы мәкер ҡорҙоғоҙ? Улымдың Ишай улы менән бер һүҙле булыуын берегеҙ ҙә ҡолағыма төшөрмәне. Берегеҙ-бер минең өсөн борсолманы. Үҙ улымдың ҡоломдо миңә ҡаршы боҫҡон ҡорорға ҡотортоуы тураһында әйтеүсе табылманы. Шаулдың ярандары араһында торған Эдом кешеһе Доег: – Ишай улы Дауыттың Нов ҡалаһына Ахитув улы Ахимәләх ҡаһин янына килгәнен күрҙем, – тине. – Ахимәләх Дауыт тураһында һорап Аллаға мөрәжәғәт итте. Уға ашарға ризыҡ, пелешти Голиаҫтың ҡылысын бирҙе. Шаул батша Ахитув улы Ахимәләх ҡаһинды, уның зат-зәүерен, Новтағы барса ҡаһиндарҙы саҡырырға кешеләр ебәрҙе. Улар барыһы ла батша янына килде. Шаул Ахимәләхкә: – Эй Ахитув улы, мине тыңла! – тине. – Эйе, хакимым! – тине Ахимәләх. – Ни өсөн Ишай улы менән миңә ҡаршы мәкер ҡорҙоғоҙ? – тине Шаул. – Һин уға икмәк, ҡылыс биргәнһең, уның өсөн һорап Аллаға мөрәжәғәт иткәнһең. Ана хәҙер Дауыт миңә ҡаршы баш күтәреп, миңә тоҙаҡ ҡороп йөрөй. Ахимәләх батшаға: – Бөтөн ярандарың араһында һиңә Дауыт кеүек тоғро, бирелгән берәйһе бармы? – тип яуап ҡайтарҙы. – Дауыт һинең кейәүең, һаҡсыларыңдың башлығы, өйөңдә хөрмәтле. Мин Дауыт өсөн Аллаға ул көндө генә мөрәжәғәт итә башланыммы ни? Юҡ бит! Батшам мин ҡолоңдо һәм атам нәҫелен ғәйепләмәһен. Сөнки мин ҡолоң был хаҡта, оломо был, әллә бәләкәйме, бер нәмә лә белмәйем. Әммә батша: – Эй Ахимәләх, үҙең дә, нәҫел-нәсәбең дә үлтерелергә тейеш! – тине. Шунан эргәһендә торған йәнһаҡсыларына: – Барығыҙ, Раббының ҡаһиндарын үлтереп ташлағыҙ! Улар ҙа Дауыт менән бер һүҙле. Уның ҡасҡанын белә тороп, миңә хәбәр итмәгәндәр, – тип әмер бирҙе. Әммә батшаның хеҙмәтселәре Раббының ҡаһиндарына ҡул күтәрергә баҙнат итмәне. Шунда батша Доегҡа: – Бар, ҡаһиндарҙы һин үлтер! – тип бойорҙо. Эдом кешеһе Доег барып ҡаһиндарҙы үлтерҙе. Был көндө ул етен эфод кейгән һикһән биш кешенең йәнен ҡыйҙы. Шунан ҡаһиндар ҡалаһы булған Новты тотош ҡылыстан үткәрҙе. Ирҙәрҙе, ҡатын-ҡыҙҙарҙы, үҫмерҙәрҙе һәм сабыйҙарҙы, эре һәм ваҡ малды, ишәктәрҙе тотош ҡырып һалды. Ахитув улы Ахимәләхтең улдарынан бары тик Әвйәҫәр тигәне генә ҡотолоп ҡалды. Ул Дауыт янына ҡасып китте. Әвйәҫәр Шаулдың Раббы ҡаһиндарын үлтереүе тураһында Дауытҡа һөйләп бирҙе. Дауыт уға: – Теге көндө үк унда булған Эдом кешеһе Доегтың Шаулға мотлаҡ хәбәр итәсәген дә белгәйнем. Атаң йортондағы бөтә кешеләрҙең үлемендә мин ғәйепле. Янымда ҡал, ҡурҡма! Кем минең йәнемде көҫәй, шул һине лә һәләк итергә ниәтләй. Минең янымда саҡта хәүефһеҙлектә булырһың, – тине. Дауытҡа: «Пелештиҙәр Ҡығила ҡалаһына һөжүм итте. Ырҙындарҙы талайҙар», – тигән хәбәр килтерҙеләр. Дауыт Раббынан: – Барайыммы? Мин ул пелештиҙәрҙе ҡыйрата алырмынмы? – тип һораны. Раббы: – Бар, пелештиҙәр менән һуғышып, Ҡығиланы ҡотҡар, – тине. Әммә кешеләре Дауытҡа: – Беҙ хатта бында, Йәһүҙәлә лә, ҡурҡабыҙ. Нисек Ҡығилаға пелешти ғәскәренә ҡаршы һуғышырға барырға баҙнат итәйек? – тиеште. Дауыт тағы Раббыға мөрәжәғәт итте. Раббы уға: – Тор ҙа Ҡығилаға бар! Мин пелештиҙәрҙе һинең ҡулыңа тапшырам, – тип яуап ҡайтарҙы. Дауыт үҙенең кешеләре менән Ҡығилаға килде, пелештиҙәр менән һуғышты, уларҙың малдарын ҡыуып алып китте. Пелештиҙәрҙе аяуһыҙ ҡыйратып, Ҡығила халҡын ҡотҡарҙы. Ахимәләхтең улы Әвйәҫәр, Ҡығилала торған Дауыт янына ҡасҡанда, үҙе менән эфодты ла алып килгәйне. Шаулға Дауыттың Ҡығилаға килгәнен хәбәр иттеләр. Шаул: – Алла Үҙе уны минең ҡулыма тотторҙо: Дауыт, ҡапҡалары һәм йоҙаҡтары булған ҡалаға инеп, үҙен үҙе бикләне, – тине. Шаул, Дауытты һәм уның кешеләрен Ҡығилаға барып ҡамауға алыр өсөн бөтә ғәскәрен яуға саҡырҙы. Дауыт Шаулдың яман ниәте тураһында белгәс, Әвйәҫәр ҡаһинға эфодты килтерергә ҡушты. Дауыт Раббыға: – Эй Исраил Аллаһы Раббы! Мин ҡолоң ишеттем: Шаул Ҡығилаға килеп, минең арҡамда ҡаланы тар-мар итергә теләй. Ҡығила халҡы мине уның ҡулына тотоп бирерме? Ҡолоң ишеткәнсә, Шаул бында килерме? Эй Исраил Аллаһы Раббы, ҡолоңа белдерһәңсе! – тип мөрәжәғәт итте. – Килер, – тип яуап бирҙе Раббы. – Ҡығила халҡы кешеләрем менән мине Шаул ҡулына тотоп бирерме? – тип һораны Дауыт. – Бирер, – тине Раббы. Бынан һуң Дауыт, янындағы алты йөҙгә яҡын кеше менән Ҡығиланан сығып, урындан-урынға күсеп йөрөй башланы. Дауыт Ҡығиланан ҡасып киткән тигән хәбәрҙе ишеткән Шаул унда барыу уйынан кире ҡайтты. Дауыт сүлдәге ышыҡ урындарҙа, Зиф сүленең таулығында йәшеренеп ятты. Шаул уны туҡтауһыҙ эҙәрләне, әммә Алла Дауытты уның ҡулына бирмәне. Дауыт, Зиф сүлендәге Хорешта торғанда, Шаулдың уны үлтереү ниәте менән юлға сыҡҡаны хаҡында ишетте. Шаулдың улы Йонаҫан, Хорешҡа Дауыт янына килеп, уның Аллаға өмөтөн нығытып китте. – Ҡурҡма, атайым Шаул һине таба алмаясаҡ. Исраилда һин батшалыҡ итәсәкһең, ә мин һинән ҡала икенсе кеше булырмын. Быны атайым Шаул да белә, – тине. Улар икәүләп Раббы алдында вәғәҙәләштеләр. Дауыт Хорешта ҡалды, ә Йонаҫан өйөнә ҡайтып китте. Зиф ҡалаһы кешеләре, Гивғаға барып, Шаулға: – Дауыт беҙҙә, Йешимондың көньяғындағы Хахила ҡалҡыулығында, Хорешта ҡасып ята. Эй батша, ҡасан теләйһең, шунда кил. Ә беҙ уны батшаның ҡулына тотоп бирербеҙ, – тинеләр. Шаул уларға: – Мине ҡайғыртҡанығыҙ өсөн һеҙгә Раббының бәрәкәте яуһын, – тине. – Барығыҙ, тағы бер мәртәбә тикшереп сығығыҙ. Дауыт ҡайһы ерҙә йәшенеп йөрөй, уны кемдәр күргән – яҡшылап һораштырығыҙ. Әйтеүҙәренсә, ул ғәйәт хәйләкәр икән. Бөтә йәшенгән ерҙәрен асыҡлағыҙ, шунан миңә дөрөҫ кенә мәғлүмәт менән кире килегеҙ. Шунда мин һеҙҙең менән барырмын. Әгәр ҙә ул шул төбәктә булһа, Йәһүҙәнең бөтә нәҫелдәрен аҡтарып булһа ла табасаҡмын. Шунан тегеләр, юлға ҡуҙғалып, Шаулдан алда Зифҡа ҡайтты. Ул осорҙа Дауыт үҙенең кешеләре менән Ғарава тигеҙлегенең Йешимондан көньяҡта булған өлөшөндә, Мағон сүлендә ине. Шаул үҙенең кешеләре менән уны эҙләргә сыҡты. Әммә Дауытҡа был турала хәбәр иттеләр һәм ул Мағон сүлендәге ҡаялыҡҡа йәшенде. Шаул, был турала ишетеп, шунда Дауытты баҫтырып китте. Шаул тауҙың бер яғынан килә, ә Дауыт үҙенең кешеләре менән уның икенсе яғында ине. Дауыт батшанан ҡасып ҡотолорға тырыша, Шаул иһә яугирҙәре менән Дауытты һәм уның кешеләрен ҡамап алып ҡулға төшөрөргә маташа. Шул саҡ бер сапҡын килеп Шаулға: – Ҡайта һал! Илгә пелештиҙәр һөжүм итте, – тип хәбәр һалды. Шаул, Дауытты баҫтырыуҙан туҡтап, кире боролдо һәм пелештиҙәргә ҡаршы китте. Шуға күрә был урынды Сәлеғ-Һаммахлеҡот тип атанылар. Дауыт, ул яҡтарҙан китеп, Ғейн-Гедиҙә һыйыныс тапты. Пелештиҙәрҙе ҡыуалап ҡайтҡандан һуң, Шаулға Дауыттың Ғейн-Геди янындағы сүлдә йәшенеп ятҡанын хәбәр иттеләр. Шаул бөтә Исраилдан өс мең һайланма яугир йыйып алып, тау кәзәләре генә йәшәй торған ҡаялар араһынан Дауыт менән уның кешеләрен эҙләргә сыҡты. Юл буйында бер мал аҙбары булып, уның янында мәмерйә бар ине. Шаул хәжәтен үтәү өсөн шунда инде. Дауыт үҙенең ярандары менән мәмерйәнең төп яғында ултыра ине. Юлдаштары Дауытҡа: – Раббы һиңә: «Дошманыңды ҡулыңа бирермен, уны нимә теләһәң, шулай эшләтерһең», – тигән ине. Шул көн бөгөндөр! – тинеләр. Дауыт торҙо ла һиҙҙермәй генә Шаулдың сапанының салғыйын ҡырҡып алды. Әммә һуңынан Шаулдың сапан салғыйын киҫеп алған өсөн күңелендә үкенес уянды. Юлдаштарына: – Хакимыма, Раббы мәсехләгән кешегә, башҡаса былай эшләүҙән, уға ҡаршы ҡул күтәреүҙән Раббы һаҡлаһын, – тине, – сөнки ул – Раббының мәсихе. Дауыт был һүҙҙәре менән үҙенең кешеләрен тыйып ҡалды, Шаулға һөжүм итергә бирмәне. Шаул мәмерйәнән сыҡты ла үҙ юлына китте. Дауыт та уның артынан мәмерйәнән сыҡты. Ул Шаулға: – Батша, хакимым! – тип ҡысҡырҙы. Шаул артына боролоп ҡарағас, Дауыт йөҙтүбән ергә ҡапланды. – Дауыт һиңә яманлыҡ ҡылырға уйлай, тигән кешеләрҙең һүҙенә ниңә ҡолаҡ һалаһың? – тине Дауыт Шаулға. – Бына бөгөн Раббының мәмерйәлә һине ҡулыма тапшырғанын үҙ күҙҙәрең менән күреп тораһың. Миңә, һине үлтер, тинеләр. Тик мин һине аяным. «Хакимыма ҡул күтәрмәйем, сөнки ул – Раббының мәсихе», – тинем. Эй атам, ҡара! Ҡулыма ҡара, был һинең сапаныңдың салғыйы! Сабыуыңды ҡырҡып алдым, ә үҙеңде үлтермәнем. Белеп тор, ҡулымда яманлыҡ та, мәкер ҙә юҡ. Мин һиңә ҡаршы гонаһ ҡылманым. Ә һин, йәнемде алмаҡ булып, мине эҙәрләйһең. Һинең менән минең аралағын Раббы Үҙе хөкөм итһен, миңә ҡылған яуызлығың өсөн язаны Раббы һиңә Үҙе бирһен. Ә мин һиңә ҡаршы ҡул күтәрмәйәсәкмен. Боронғо мәҡәл әйтмешләй: «Яманлыҡ ямандарҙан сыға». Ә мин һиңә ҡул күтәрмәйем. Исраил батшаһы! Кем артынан сыҡтың һин? Кемде баҫтыраһың? Үлгән этте, бер бөртөк бөрсәне аулайһың түгелме? Раббы беҙгә Үҙе хөкөмдар булһын һәм минең менән һинең аралағын Ул хөкөм итһен. Ул дәғүәмде ҡарар, хәл итер, мине һинең ҡулыңдан ҡотҡарыр. Дауыт ошо һүҙҙәрҙе әйтеп бөтөүгә, Шаул: – Был һинең тауышың түгелме, Дауыт улым? – тип ҡысҡырҙы ла илап ебәрҙе. Шунан Дауытҡа: – Һин миңә ҡарағанда ғәҙелерәкһең, сөнки миңә яҡшылыҡ менән яуап бирҙең, ә мин яуызлыҡ менән түләнем, – тине. – Һин быны бөгөн күрһәттең: Раббы мине һинең ҡулыңа бирҙе, ә һин миңә яҡшылыҡ эшләнең, үлтермәнең. Кеше дошманын тапҡас, уны хәйерле юлға оҙатырмы? Бөгөн миңә эшләгәнең өсөн, Раббы һиңә яҡшылыҡ менән ҡайтарыр. Инде беләм: һин мотлаҡ батша буласаҡһың һәм Исраил батшалығы, һинең ҡулыңа күскәс, көсәйәсәк. Инде минән һуң тоҡомомдоң тамырын ҡоротмаҫҡа, атам йортонан исемемде юймаҫҡа Раббы исеме менән ант ит. Дауыт Шаулға антлы вәғәҙә бирҙе лә Шаул өйөнә ҡайтып китте, ә Дауыт кешеләре менән йәшенеп ятҡан еренә күтәрелде. Шемуил вафат булды. Бөтә Исраил йыйылып, уның өсөн йәш түкте. Уны Рамала, үҙ төйәгендә ерләнеләр. Бынан һуң Дауыт Паран сүленә китте. Мағонда бер әҙәм бар ине. Биләмәһе Кармәлдә була торғайны. Үҙе бик бай: өс мең баш һарығы, мең баш кәзәһе бар. Ул осорҙа Кармәлдә һарыҡ йөнөн ҡырҡтыра ине. Ул кешенең исеме – Навал, ҡатыныныҡы – Авигаил. Ҡатыны бик аҡыллы, төҫкә-башҡа ғәйәт күркәм, ә Калев ырыуынан булған Навал ҡаты күңелле, яуыз холоҡло ине. Сүлдә саҡта Дауыт Навалдың һарыҡ ҡырҡа башлағанын ишетте лә уға үҙенең ун егетен ебәрҙе. – Кармәлгә менеп Навалға барығыҙ ҙа минең исемемдән сәләм тапшырығыҙ. «Үҙеңә лә, йортоңа, мал-мөлкәтеңә лә именлек булһын! Әле бына һарыҡ ҡырҡтыраһың, тип ишеттем. Көтөүселәрең беҙҙең менән булғанда, уларҙы рәнйетмәнек. Кармәлдә саҡтарында уларҙың бер нәмәһе лә юғалманы. Быны хеҙмәтселәреңдән дә һорай алаһың, улар һиңә әйтер. Егеттәремә яҡты йөҙ күрһәт, сөнки ырыҫлы мәлеңдә килдек. Ҡолдарыңа һәм улың Дауытҡа ҡулыңдан килгәнде бир», – тип әйтегеҙ, – тине. Дауыттың егеттәре барып, уның исеменән ошоларҙың барыһын да Навалға еткерҙе. Улар тынып ҡалғас, Навал Дауыттың хеҙмәтселәренә: – Кем ул Дауыт? Ишай улы кем? Әлеге заманда хужаларынан ҡасып йөрөгән ҡолдар үтә күбәйеп китте түгелме? – тип яуапланы. – Икмәгемде, һыуымды, һарыҡ ҡырҡыусылар өсөн салған малымдың итен белмәгән-күрмәгән кешеләргә тоттороп ебәрәйемме инде хәҙер? Дауыттың егеттәре килгән юлдарынан кире китте һәм Навалдың һүҙҙәрен түкмәй-сәсмәй Дауытҡа еткерҙе. – Ҡылыстарығыҙҙы тағығыҙ, – тип бойорҙо Дауыт. Үҙе лә, яугирҙәре лә ҡылыстарын таҡты. Дүрт йөҙләгән кеше Дауыт артынан ҡуҙғалды, ике йөҙө ылау янында ҡалды. Навалдың хеҙмәтселәренең береһе уның ҡатыны Авигаилгә: – Дауыт сүлдән әфәндебеҙгә сәләм әйтеп илселәр күндергәйне, – тине. – Тик хужабыҙ уларҙы әрләп ебәрҙе. Ә ул кешеләр беҙгә ҡарата бик яҡшы мөнәсәбәттә булды. Рәнйетмәнеләр, ҡырҙа улар менән йөрөгән сағыбыҙҙа бер нәмәбеҙ ҙә юғалманы. Ҡуйҙы улар янында көткәндә беҙ төндә лә, көндөҙ ҙә таш диуар артындағы кеүек булдыҡ. Шулай булғас, үҙең уйлап ҡара ла берәй ҡарарға кил, сөнки әфәндебеҙгә һәм уның йортона ҡотолғоһоҙ хәүеф янай. Ә ул тупһыҙ кеше, уның менән һөйләшеүҙән файҙа юҡ. Авигаил тиҙ генә ике йөҙ икмәк, ике турһыҡ шарап, бешерелгән биш һарыҡ, биш сеа ҡурмас, йөҙ бәйләм кипкән йөҙөм, ике йөҙ бәйләм киптерелгән инжир алды ла уларҙы ишәктәргә артмаҡлатты. Шунан хеҙмәтселәренә: – Һеҙ минең алдан китегеҙ, ә мин артығыҙҙан барам, – тине. Ире Навалға бер нәмә лә әйтмәне. Авигаил, ишәгенә атланып, тарлауыҡҡа төшә ине, ҡараһа, ҡаршыһына кешеләре менән Дауыт килә. Дауыт: «Сүлдә саҡта был бәндәнең малдарын бушҡа ғына һаҡлағанмын. Бер нәмәһе лә юғалманы, ә ул яҡшылыҡҡа яуызлыҡ менән яуап бирҙе. Әгәр таңға тиклем Навал кешеләренең ир енесенән булған берәйһе ҡалһа, миңә Алланың ҡаты ҡәһәре төшһөн!» – тип килә ята ине. Авигаил, Дауытты күргәс, ашығып ишәгенән төштө лә, уның алдында эйелеп, йөҙтүбән ергә ҡапланды. Шунан уның аяғына йығылып: – Мин генә ғәйеплемен, хакимым, – тине. – Ҡолоңа әйтергә рөхсәт итһәнә. Ҡолаҡ һалһаңсы ҡолоңдоң һүҙҙәренә. Хакимым ул тупһыҙ бәндә Навалға иғтибар итмәһен. Исеме Навал булған кеүек, үҙе лә ахмаҡтың ахмағы ул. Ә мин, ҡолоң, һин хакимым ебәргән егеттәрҙе күрмәй ҡалғанмын. Ә әле, эй хакимым, тере Раббы ла, һин дә шаһит: ҡан ҡойоуҙан, үҙ ҡулың менән үс алыуҙан тыйып ҡалған Раббы дошмандарыңды һәм һин хакимыма ҡарата күңелдәрендә асыу-мәкер һаҡлаусыларҙың барыһын да Навал һымаҡ итһен! Бына мин ҡолоңдан хакимыма килтерелгән ниғмәттәр. Улар эргәңдә йөрөгән егеттәргә бирелһен. Мин ҡолоңдоң ғәйебен кисерә күр, зинһар. Раббы хакимыма мотлаҡ ышаныслы йорт ҡорор, сөнки хакимым Раббының һуғыштарын алып бара. Ә яуызлыҡ һиндә ғүмерҙә лә булмаясаҡ. Берәй әҙәм, йәнеңде көҫәп, һине эҙәрләй башлаһа, хакимымдың йәне Аллаң Раббының ғүмер төйөнөндә төйнәлгән булыр. Дошмандарыңдың йәнен иһә Ул һапҡылағы таш кеүек сойорғотор. Раббы, хакимыма әйтелгән бөтә был яҡшылыҡтарҙы ғәмәл ҡылып, уны Исраилға етәксе итеп ҡуйғас, хакимымдың, үҙем өсөн үс алып, юҡҡа ҡан түктем, тип үкенергә йәки выждан ғазабына тарырға сәбәбе булмаясаҡ. Дауыт Авигаилгә: – Бөгөн һине ҡаршыма ебәргән Исраил Аллаһы Раббы мөбәрәк булһын! – тип яуап ҡайтарҙы. – Аҡылыңа ҡеүәт! Үҙем өсөн үс алып, ҡан түгергә юл ҡуймауың өсөн һиңә рәхмәт төшһөн! Мине һиңә ҡарата яуызлыҡ эшләүҙән тыйған Исраил Аллаһы тере Раббы шаһит! Әгәр ашығып ҡаршыма сыҡмаһаң, таң һарыһына тиклем Навалдың ир енесенән булған бер генә кешеһен дә ҡалдырмаҫ инем. Шунан Дауыт Авигаил килтергән ашамлыҡтарҙы алды ла: – Иҫән-аман өйөңә ҡайт. Әйткәндәреңде тыңлап, теләгеңде үтәнем, – тине. Авигаил Навал янына ҡайтты. Ҡараһа, ул өйөндә батшаларға торошло табын ҡороп ултыра. Күңеле күтәренке, ныҡ иҫерек. Шуға күрә ҡатын иртәнсәккә тиклем уға бер нәмә лә өндәшмәне. Әммә икенсе көндө иртән, Навал айнығас, Авигаил уға бөтә был хәлдәрҙе һөйләп бирҙе. Навалдың йөрәге туҡтай яҙҙы, үҙе таш булып ҡатты. Ун көн тирәһе үткәс, Раббы Навалды ҡазаландырҙы, ул үлде. Дауыт, Навалдың үлгәнен ишеткәс: – Мине хурлаған өсөн Навалға хөкөм ҡылған, мин ҡолон яуызлыҡ ҡылыуҙан ҡурсалап ҡалған Раббы мөбәрәк булһын. Навалдың яуызлығы үҙ башына төштө, – тине. Шунан Авигаилгә өйләнергә теләүен әйтеп яусылар ебәрҙе. Хеҙмәтселәре Кармәлгә Авигаилгә килеп: – Дауыт һиңә өйләнергә теләй, беҙҙе һине һоратырға ебәрҙе, – тине. Авигаил тороп йөҙтүбән ергә ҡапланды: – Мин ҡолоң хакимымдың хеҙмәтселәренең аяҡтарын йыуырға ла әҙер, – тип яуапланы. Авигаил тороп йәһәт кенә йыйынды ла ишәгенә атланды. Үҙе менән биш хеҙмәтсе ҡыҙын алып, Дауыттың илселәренә эйәрҙе. Шулай итеп, Авигаил Дауытҡа тормошҡа сыҡты. Дауыт шулай уҡ Изреғилдән Ахиноғамды ла алды. Улар икеһе лә Дауыттың ҡатыны булды. Шаул иһә ҡыҙы Михәлде, Дауыттың ҡатынын, сығышы менән Галлимдан булған Лаиш улы Палтиға кейәүгә биргәйне. Зиф кешеләре, Гивғаға килеп, Шаулға: – Дауыт Йешимон ҡаршыһындағы Хахила ҡалҡыулығында йәшенеп ята, – тип хәбәр итте. Шаул Исраилдың өс мең ҡаһарман ир-егете менән Дауытты эҙләргә Зиф сүленә төштө. Шаул Йешимон ҡаршыһындағы Хахила ҡалҡыулығында, юл буйында туплам ҡорҙо. Сүлдә йөрөгән Дауыт, Шаулдың үҙе артынан төшкәнен аңлап, күҙәтселәр ебәрҙе. Улар Шаулдың ысынлап та килгәнен дөрөҫләне. Дауыт тороп Шаул туплам ҡорған ергә барҙы, батша менән ғәскәр башлығы Нер улы Авнер йоҡлаған урынды ҡараны. Шаул туплам уртаһында йоҡлай, ә яугирҙәр уны уратып ятҡайны. Шунан Дауыт хитти халҡынан булған Ахимәләхкә һәм Йоавтың ҡәрҙәше Серуяһ улы Авишайға: – Кем минең менән тупламға, Шаул янына бара? – тип һораны. – Мин барам, – тине Авишай. Дауыт менән Авишай төндә ғәскәргә килде. Бына Шаул тупламда йоҡлап ята. Һөңгөһө баш осонда ергә ҡаҙап ҡуйылған. Авнер менән яугирҙәре уны уратып ятҡан. Авишай Дауытҡа: – Бөгөн Алла дошманыңды ҡулыңа тотторҙо, – тине. – Ҡана, рөхсәт ит миңә, уны бер һелтәүҙә һөңгөһө менән ергә сәнсә ҡаҙайым. Икенсе тапҡыр һелтәнеүҙең кәрәге лә булмаҫ. Тик Дауыт Авишайға: – Юҡ, уны үлтермә! – тине. – Раббының мәсихенә ҡул күтәреп, кем язаһыҙ ҡалыр? Тере Раббы шаһит! Раббы уны үҙе язалар. Бәлки, көнө еткәс, ул үҙе үлер. Бәлки, яуҙа йығылыр ҙа юҡҡа сығыр. Әммә Раббы мәсехләгән батшаға ҡул күтәреүҙән мине Раббы Үҙе һаҡлаһын. Баш осондағы һөңгөһө менән һыулы һауытты алайыҡ та китәйек. Шунан Дауыт Шаулдың баш осондағы һөңгөһө менән һыулы һауытты алды ла, киттеләр. Уларҙы күреүсе лә, белеүсе лә булманы. Бер кем дә уянманы, бөтөнөһө йоҡланы, сөнки Раббы уларға тәрән йоҡо күндергәйне. Дауыт ҡаршы яҡҡа сыҡты ла тауҙың башына менеп баҫты. Аралары алыҫ ҡына ине. Дауыт яугирҙәргә һәм Нер улы Авнерға: – Эй Авнер, миңә яуап бирмәйһеңме? – тип ҡысҡырҙы. – Һин кем? Нишләп ҡысҡыраһың, батшаны борсойһоң? – тип һораны Авнер. – Һин ир түгелме ни? Исраилда һиндәй тағы ла кем бар? Ни өсөн хакимың батшаны ҡарамайһың? – тине Дауыт. – Әле берәү тупламға уны үлтерергә инде. Яҡшы түгел был ҡылығың. Тере Раббы шаһит: хакимығыҙҙы, Раббының мәсихен, һаҡламаған өсөн үлемгә лайыҡһығыҙ. Ана ҡара әле, батшаның баш осондағы һөңгөһө менән һыулы һауыт ҡайҙа? Шаул, Дауыттың тауышын сырамытып: – Дауыт улым, был һинең тауышың түгелме? – тип һораны. – Минеке, батша хакимым, – тип яуап бирҙе Дауыт. – Ни өсөн хакимым ҡолоноң артынан баҫтыра? Нимә эшләнем мин? Ниндәй яманлыҡ ҡылдым? Хакимым батша! Зинһар, ҡолоңдо тыңлаһаңсы! Әгәр һине миңә ҡаршы Раббы ҡуҙғатҡан булһа, килтерелгән ҡорбан менән ҡәнәғәт ҡалһын. Әгәр ҙә быны әҙәм балалары эшләгән икән, улар Раббының ҡарғышын алһын, сөнки: «Кит, ят илаһтарға хеҙмәт ит», – тип мине Раббымдың биләмәһендәге өлөшөмдән ситкә тибәрәләр. Ҡаным Раббынан алыҫ тупраҡтарға түгелмәһен ине. Исраил батшаһы гүйә бер бөртөк бөрсә эҙләргә, тау-таш араһында ағуна ауларға сыҡҡан! Бынан һуң Шаул: – Гонаһ ҡылдым, – тине. – Дауыт улым, кире ҡайт. Мин башҡаса һиңә яуызлыҡ эшләмәйәсәкмен, сөнки бөгөн йәнем һинең өсөн ғәзиз булды. Алйот булдым, бик ныҡ яңылыштым. – Бына батшаның һөңгөһө, – тип яуапланы Дауыт. – Егеттәрҙең берәйһе килеп алһын! Һәр кемгә тоғролоғона һәм ғәҙеллегенә күрә Раббы Үҙе бирер. Бөгөн Раббының һине ҡулыма тапшырыуына ҡарамаҫтан, Раббының мәсихенә хаслыҡ ҡылырға теләмәнем. Һинең ғүмерең бөгөн миңә ни тиклем ҡиммәт булған, Раббы минекен дә шулай баһалаһын, бөтә бәлә-ҡазаларҙан һаҡлаһын. – Фатихалы бул, Дауыт улым! – тине Шаул. – Һин әле бөйөк эштәр башҡарырһың һәм уңыш һиңә гел генә юлдаш булыр. Бынан һуң Дауыт үҙ юлынан китте. Шаул боролоп өйөнә ҡайтты. Дауыт: «Былайтып берәй көн Шаулдың ҡулынан һәләк булыуым бар, – тип уйланы. – Шуға күрә минең өсөн пелешти еренә ҡасыуҙан да яҡшыһы юҡ. Ул саҡта Шаул да Исраилдың бер осонан алып икенсе осона тиклем эҙләүҙән туҡтар, мин дә уның ҡулынан ҡотолормон», – тигән ҡарарға килде. Шунан һуң Дауыт, янындағы алты йөҙ кешеһен алып, Ғаҫ батшаһы Мағох улы Ахишҡа юлланды. Ғаиләләре менән бергә Ғаҫта, Ахиш янында, төйәкләнделәр. Ҡатындары – Изреғилдән Ахиноғам менән Кармәл кешеһе Навалдан тол ҡалған Авигаил Дауыт менән булды. Дауыттың Ғаҫҡа ҡасып киткәнен Шаулға хәбәр иткәс, ул башҡаса Дауытты эҙләп маташманы. – Әгәр күңелеңә хуш булһам, миңә берәй бәләкәй ҡалала урын бир. Шунда урынлашайым. Ниңә ҡолоңа баш ҡалала һинең яныңда йәшәргә? – тине Дауыт Ахишҡа. Ахиш уға шул көндө үк Сиҡлағ ҡалаһын бирҙе. Шуға күрә Сиҡлағ әлегә тиклем Йәһүҙә батшаларыныҡы булып ҡала. Дауыт пелешти тупрағында бер йыл да дүрт ай йәшәне. Был ваҡыт эсендә Дауыт менән кешеләре Шурҙан алып Мысырға тиклемге был ерҙәрҙә элек-электән йәшәгән гешури, гирзи халыҡтарына һәм ғәмәлектәргә баҫҡынсылыҡ итте. Дауыт ул ерҙәргә һөжүм иткәндә, ирме, ҡатынмы – береһен дә тере ҡалдырманы. Ҡуйҙарын, үгеҙҙәрен, ишәктәрен, дөйәләрен ҡыуып алып китте, кейем-һалымын тартып алыр һәм Ахишҡа кире ҡайтыр булды. Ахиш: «Бөгөн кемгә барымта яһанығыҙ?» – тип һораһа, Дауыт: «Негевтағы йәһүҙиҙәргә» йәки «Негевтағы йерахмеилдарға», йәиһә «Негевтағы ҡыниҙарға», – тип әйтә торған булды. Бер генә ирҙе, бер генә ҡатынды ла тере ҡалдырманы, Ғаҫҡа килтермәне Дауыт, сөнки улар: «Дауыт былай эшләне, Дауыт тегеләй эшләне», – тип һөйләрҙәр тип уйланы. Пелешти ерендә йәшәгәндә һәр саҡ шулай эшләне. Ахиш уға тулыһынса ышанды: «Дауытты исраилдар үҙҙәре күрә алмай, тимәк, ул бынан һуң миңә мәңге тоғро хеҙмәт итәсәк», – тип уйланы. Ул осорҙа пелештиҙәр исраилдарға ҡаршы һуғышыр өсөн ғәскәр туплай ине. Ахиш Дауытҡа: – Белеп тор, кешеләреңде алып, минең менән бергә яуға барасаҡһың, – тине. – Ул саҡта ҡолоңдоң ниҙәр эшләй алғанын күрерһең, – тип яуап бирҙе Дауыт Ахишҡа. – Яҡшы, – тине Ахиш. – Шулай була икән, ғүмерлеккә һине башымды һаҡлаусы нөгәрем итеп ҡуйырмын. Шемуил вафат булғас, Исраилдың барса халҡы уның өсөн йәш түкте. Уны тыуған ҡалаһы Рамала ерләнеләр. Ә Шаул бөтә әруах саҡырыусыларҙы һәм күрәҙәселәрҙе илдән ҡыуып сығарғайны. Пелештиҙәр йыйылышып Шунемға киттеләр ҙә шунда туплам ҡорҙолар. Шаул да, бөтә Исраилды йыйып, Гилбоағ тауында урынлашты. Пелешти тупламын күргәс, Шаул ҡурҡыуға ҡалды, йөрәге ҡалтырап төштө. Ул Раббыға кәңәш һорап мөрәжәғәт итте. Әммә Раббы уға төшөндә лә, урим аша ла, пәйғәмбәрҙәр арҡылы ла яуап бирмәне. Шуға күрә Шаул хеҙмәтселәренә: – Миңә әруах саҡырыусы берәй ҡатын табығыҙ, барып унан һорашам, – тип бойорҙо. – Ғейн-Дорҙа шундай ҡатын бар, – тине хеҙмәтселәре. Шаул, танымаһындар өсөн кейемен алыштырҙы ла, ике кешеһен алып, төндә теге ҡатынға китте. Уға: – Зинһар, миңә күрәҙәлек ит, мин һиңә кемде әйтәм, шуның әруахын саҡыр, – тине. Әммә ҡатын: – Шаулдың әруах саҡырыусыларҙы һәм күрәҙәселәрҙе илдән ҡыуғанын беләһең бит. Ни өсөн минең йәнемә тоҙаҡ ҡораһың? – тип ҡаршы төштө. Шаул Раббы менән ант итте: – Тере Раббы шаһит: бынан һиңә бер ниндәй ҙә зыян булмаҫ, – тине. Шунан һуң ғына ҡатын: – Һиңә кемде сығарайым? – тип һораны. – Шемуилды сығар, – тине Шаул. Ҡатын, Шемуилды күргәс, ҡысҡырып ебәрҙе. – Нишләп мине алданың? Һин бит Шаул! – тине. – Ҡурҡма! – тине уға батша. – Нимә күрәһең? – Ер аҫтынан күтәрелгән бер илаһи зат күрәм, – тип яуап бирҙе ҡатын. – Ҡиәфәте ниндәй? – тип һораны Шаул. Ҡатын: – Оҙон сапанға төрөнгән өлкән бер кеше өҫкә сығып килә, – тине. Шаул уның Шемуил икәнен аңланы ла йөҙтүбән ергә ҡапланды. Шемуил Шаулдан: – Ниңә һин мине сығарып бимазалайһың? – тип һораны. – Бик ауыр хәлгә ҡалдым, – тип яуап ҡайтарҙы Шаул. – Пелештиҙәр миңә ҡаршы яу асты. Ә Алла миңә арты менән боролдо, пәйғәмбәрҙәр аша ла, төшөмдә лә яуап бирмәй. Шуға күрә, миңә ни эшләргә кәрәклеген өйрәтһәң ине тип, һине саҡырттым. – Раббы һине ташлаған, һиңә дошман булған икән, ни өсөн минән һорайһың? – тине Шемуил. – Раббы минең аша әйткәндәрен эшләне, батшалыҡты һинән тартып алып, яҡының Дауытҡа бирҙе. Сөнки һин Раббының бойороғон үтәмәнең, Уның ғәмәлектәргә булған сикһеҙ ҙур асыуын тормошҡа ашырманың. Шуға күрә лә Раббы бөгөн һине ошо хәлгә ҡалдырҙы. Раббы һине генә түгел, Исраил халҡын да пелештиҙәр ҡулына тапшырасаҡ. Иртәгә һин дә улдарың менән минең янда буласаҡһығыҙ. Раббы исраилдарҙың ғәскәрен дә пелештиҙәр ҡулына бирер. Шул саҡ Шаул ҡапыл бөтөн кәүҙәһе менән ергә йығылды, сөнки Шемуилдың әйткәндәренән ныҡ ҡурҡҡайны. Хәле лә юҡ ине, сөнки көнө буйы, төнө буйы ауыҙына тәғәм ризыҡ ҡапмағайны. Ҡатын Шаулдың эргәһенә килде. Батшаның ҡото осҡанын күреп: – Мин ҡолоң әйткәнеңде тыңланым һәм, ғүмеремде хәүеф аҫтына ҡуйып, әмереңде үтәнем. Инде мин ҡолоңдоң һүҙҙәренә лә ҡолаҡ һал. Алдыңа бер генә һыныҡ икмәк һалайым, аша, зинһар. Аҙыраҡ хәл инер, шунан үҙ юлыңа китерһең, – тине. Әммә Шаул: – Ашамайым, – тип баш тартты. Шулай ҙа хеҙмәтселәре лә, ҡатын да ныҡ өгөтләгәс, тыңланы. Ерҙән тороп, түшәккә ултырҙы. Ҡатындың һимертелгән башмағы бар ине. Шуны тиҙ генә салдыртты. Ҡамыр баҫып, сөсө икмәк бешерҙе. Барыһын да Шаул менән хеҙмәтселәре алдына ҡуйҙы. Улар, тамаҡтарын туйҙырғандан һуң, шул төндө үк киттеләр. Пелештиҙәр бөтә ғәскәрҙәрен Афеҡта тупланы. Исраилдар иһә Изреғилдәге инеш янында урынлашты. Пелешти хакимдары йөҙәр һәм меңәр кешелек ғәскәрҙәре менән бара, ә Дауыт үҙенекеләр менән Ахиш янында арттан килә ине. – Бында ғивриҙәр нимә эшләй? – тип һөйләнде пелешти башлыҡтары. Ахиш уларға: – Был Исраил батшаһы Шаулдың яраны булған Дауыт та инде! Бер йылдан ашыу ул янымда йөрөй. Шаулды ташлап килгәненән алып бөгөнгәсә бер ниндәй ҙә яманлығын күргәнем юҡ, – тип яуап ҡайтарҙы. Әммә пелешти башлыҡтары Ахишҡа бик асыуланды. – Был кешене кире ебәр. Һин уға тәғәйенләгән урынға кире ҡайтһын, тик беҙҙең менән һуғышҡа бармаһын. Юғиһә яу мәлендә беҙгә ҡаршы сығыр. Ышаныс ҡаҙаныр өсөн, хужаһына беҙҙең кешеләребеҙҙең башын биреүҙән дә яҡшыраҡ берәй әмәл бармы? Бейешкәндә: «Шаул ҡырҙы меңдәрҙе, Ә Дауыт ун меңдәрҙе», – тип йырланған Дауыт түгелме ни ул? – тинеләр. Шунан Ахиш Дауытты янына саҡырып: – Тере Раббы шаһит: һин намыҫлы кешеһең. Яуға минең менән бергә инһәң, бергә сыҡһаң, күңелемә рәхәт булыр ине. Килгәнеңдән алып, бөгөнгәсә бер яманлығыңды ла күрмәнем. Тик пелешти хакимдары һине хушһынманы. Шуға күрә кире ҡайт. Имен-аман йөрө, пелешти хакимдарының йәнен көйҙөрмә, – тине. Дауыт Ахиштан: – Нимә эшләнем мин? Яныңа килгәндән алып, бөгөнгә тиклем ҡолоңдан ниндәй яманлыҡ күрҙең? Ни өсөн миңә батша хакимымдың дошмандарына ҡаршы һуғышырға ярамай? – тип һораны. Ахиш: – Хафаланма. Белә йөрөйөм, минең өсөн һин Алланың бер фәрештәһе кеүек яҡшыһың, – тип яуапланы. – Тик пелешти башлыҡтары: «Ул беҙҙең менән һуғышҡа бармаһын», – тип талап итә. Яныңдағы ҡасандыр хакимыңа хеҙмәт иткән башҡа кешеләрең менән бергә таңдан тороғоҙ ҙа, яҡтырыр-яҡтырмаҫтан ҡуҙғалығыҙ. Дауыт менән кешеләре, ҡабат пелешти еренә китер өсөн, таң һарыһынан уҡ ҡалҡты. Ә пелештиҙәр Изреғилгә йүнәлде. Өсөнсө көндө Дауыт менән кешеләре ҡайтып етте. Ул арала ғәмәлектәр Негевҡа һәм Сиҡлағҡа баҫҡынсылыҡ иткән. Ҡаланы үртәгәндәр, бөтә ҡатын-ҡыҙҙы һәм олоһон-кесеһен айырмайынса бар халыҡты әсирлеккә төшөргәндәр – бер кемде лә үлтермәгәндәр, ә үҙҙәре менән ҡыуып алып киткәндәр. Дауыт менән кешеләре ҡалаға килеп ингәс, уның көл-күмергә ҡалғанын, ҡатындарының, улдары менән ҡыҙҙарының әсирлеккә алынғанын белде. Быны күреп, Дауыт менән кешеләре ҡысҡырышып иларға тотондо һәм хәлдән тайғансы йәш түкте. Дауыттың ике ҡатыны: Изреғилдән Ахиноғам менән Кармәлдән Навалдың элекке ҡатыны Авигаил дә әсирлеккә алынғайны. Дауыт бик ауыр хәлдә ҡалды, сөнки һәр кем, улдары һәм ҡыҙҙары өсөн әсе хәсрәткә батып, Дауытҡа таш бәрергә теләне. Ләкин Дауыт Аллаһы Раббынан көс алды. Ул Ахимәләх улы Әвйәҫәр ҡаһинға: – Миңә эфодты килтер әле, – тине. Әвйәҫәр Дауытҡа эфодты алып килде. Дауыт Раббынан: – Был баҫҡынсыларҙың артынан төшһәм, уларҙы ҡыуып етә алырмынмы? – тип һораны. – Арттарынан төш, мотлаҡ ҡыуып етерһең һәм әсирҙәрҙе ҡотҡарырһың, – тине Раббы. Дауыт алты йөҙ кешеһе менән юлға сыҡты. Бесор ағымына еткәс, яугирҙәренең бер өлөшөн шунда ҡалдырҙы. Бесор ағымын кисеп сығырға хәле етмәгән ике йөҙ кеше тороп ҡалды, дүрт йөҙ кешеһе менән Дауыт артабан ҡыуа китте, Ҡырҙа бер Мысыр кешеһен осратып, уны Дауытҡа алып килделәр. Уға икмәк бирҙеләр, ашаны. Һыу эсерҙеләр. Бер аҙ киптерелгән инжир менән ике йөҙөм көлсәһе бирҙеләр. Ашағас, хәлләнде, сөнки өс көн, өс төн ауыҙына тәғәм ризыҡ, бер тамсы һыу алмағайны. Дауыт унан: – Һин кемдекеһең? Ҡайҙан киләһең? – тип һораны. – Мысыр кешеһемен, бер ғәмәлектең ҡоло инем. Өс көн элек ауырып киттем, шуға күрә хужам мине ташлап ҡалдырҙы, – тип яуапланы егет. – Беҙ Негевта керетиҙәрҙең ерҙәрен, Йәһүҙә һәм Калев биләмәләрен баҫып алған, ә Сиҡлағты яндырған инек. – Мине ул баҫҡынсылар янына алып бара алаһыңмы? – тип һораны Дауыт. – Мине үлтермәҫкә, хужамдың ҡулына бирмәҫкә Алла менән ант итһәң, һине ул баҫҡынсыларға алып барам, – тине егет. Ул Дауытты баҫҡынсылар янына алып китте. Бына тегеләр, тирә-яҡҡа таралышып, ашап-эсә, Пелешеҫ менән Йәһүҙә ерҙәрендә талап алған яумалдарына ҡыуанып байрам итә. Дауыт уларға һөжүм итте һәм бер эңерҙән икенсе эңергә тиклем ҡырҙы. Дөйәләргә менеп ҡасҡан дүрт йөҙ егеттән башҡа ҡотолоп ҡалған кеше булманы. Дауыт ғәмәлектәр алып киткән бөтә нәмәне ҡабат тартып алды, шулай уҡ үҙенең ике ҡатынын да ҡотҡарҙы. Кесеһенән дә, олоһонан да, ул-ҡыҙҙарҙан да бер кем дә юғалманы; ғәмәлектәр яумал итеп алып киткән бөтә нәмәләрҙең барыһын да Дауыт кире ҡайтарҙы. Ул шулай уҡ дошмандың бөтә ваҡ һәм эре малын да алып китте. Яугирҙәр: «Былары Дауыттың табышы», – тип уларҙы башҡа мал-тыуар алдынан ҡыуып алып ҡайттылар. Бына Дауыт, уның артынан эйәрергә хәлдәре бөткәнлектән, Бесор ағымы янында тороп ҡалған ике йөҙ кеше янына килеп етте. Улар Дауытҡа һәм уның янындағы кешеләргә ҡаршы сыҡты. Дауыт улар эргәһенә килеп сәләм бирҙе. Шул саҡ Дауыт менән бергә барған кешеләрҙең тар күңелле, яуыздары: – Беҙҙең менән бармағас, табышыбыҙҙан уларға бер нәмә лә бирмәйбеҙ. Һәр береһе үҙенең бисәһе менән балаларын алһын да китһен, – тип һөйләнә башланы. Әммә Дауыт: – Улай ярамай, ағай-эне! – тине. – Раббы беҙгә ошоларҙың барыһын да биргәндән һуң, былай ҡыланырға ярамай. Ул беҙҙе ҡотҡарҙы, беҙгә һөжүм иткән баҫҡынсыларҙы ҡулыбыҙға тапшырҙы. Был эштә һеҙҙе кем тыңлар? Һуғышта булғандар менән ылау янында ҡалғандарҙың өлөшө бер. Бөтә нәмә лә тигеҙ бүленәсәк. Ошо көндән алып Дауыт быны Исраил өсөн ҡанун һәм ҡағиҙә итеп ҡуйҙы. Был бөгөнгәсә дауам итә. Дауыт Сиҡлағҡа ҡайтты һәм: – Раббының дошмандарынан алынған малдарҙан бүләк, – тип табышынан үҙенең дуҫтары – Йәһүҙә аҡһаҡалдарына өлөш ебәрҙе. Бейт-Илдәге, Рамоҫ-Негевтағы, Яттир, Ғароғер, Сифмоҫ, Әштемоағ, Рахал, Йерахмеил, ҡыниҙарҙың ҡалаларындағы, Хорма, Бор-Ғашан, Ғаҫах, Хевронда һәм Дауыт үҙенең кешеләре менән йөрөгән урындарҙа йәшәгәндәргә яумалдан өлөш сығарҙы. Пелештиҙәр исраилдарға ҡаршы һуғыш алып бара ине, бер мәл Исраил яугирҙәре пелештиҙәрҙән ҡаса башланы һәм күбеһе Гилбоағ тауында һәләк булып йығылды. Пелештиҙәр, Шаул менән улдарын ҡыуып етеп, Шаулдың улдары Йонаҫанды, Авинадавты, Малкишуағты үлтерҙе. Шаулдың үҙе менән аяуһыҙ алыш ҡыҙҙы һәм уҡсы яугирҙәр уны бик ҡаты яраланы. Шаул ҡорал йөрөтөүсеһенә: – Ҡылысыңды сығар ҙа мине сәнсеп үлтер. Юҡһа, анау сөннәтһеҙҙәр килеп, мине сәнсер һәм мәсхәрә итер, – тине. Әммә ҡорал йөрөтөүсеһе, бик ныҡ ҡурҡҡанлыҡтан, баш тартты. Шунда Шаул ҡылысын алды ла үҙе уның өҫтөнә йығылды. Шаулдың һәләк булғанын күреп, ҡорал йөрөтөүсе лә ҡылысына йығылды һәм Шаул менән бергә үлде. Шулай итеп, Шаул, уның өс улы, ҡорал йөрөтөүсеһе, бөтә һуғышсылары бер көндә һәләк булды. Үҙәнлектең икенсе яғында һәм Иордан аръяғында йәшәгән исраилдар, Исраил ғәскәренең ҡасҡанын, Шаулдың һәм уландарының үлгәнен күреп, ҡалаларын ташлап ҡасты. Ә пелештиҙәр уларға барып урынлашты. Иртәгәһенә һәләк булғандарҙы таларға килгән пелештиҙәр Гилбоағ тауында Шаул менән уның өс улының мәйетен табып алды. Улар Шаулдың башын ҡырҡтылар, ҡоралдарын систереп алдылар, шунан был турала боттарының ғибәҙәтханаларында һәм халыҡҡа хәбәр итер өсөн бөтә Пелешеҫ еренә сапҡындар ебәрҙеләр. Шаулдың ҡоралдарын Ғаштареҫтың ҡорамына ҡуйҙылар, ә мәйетен Бейт-Шеан ҡалаһының диуарына ҡаҙаҡланылар. Ғилғәд Явешы халҡы пелештиҙәрҙең Шаул менән ни ҡылғанын ишеткәс, ҡаланың ғәйрәтле ирҙәре аяҡҡа баҫты һәм, төнө буйы барып, Шаул менән уның улдарының кәүҙәләрен Бейт-Шеан диуарынан алдылар ҙа Явешҡа алып ҡайтып яндырҙылар. Ә һөйәктәрен йыйып алып Явештағы тамариск ағасы төбөнә ерләнеләр һәм ете көн ураҙа тоттолар. Шаул һәләк булғандан һуң, ғәмәлектәрҙе еңеп ҡайтҡан Дауыт ике көнгә Сиҡлағта туҡтаны. Өсөнсө көнөнә Шаул ғәскәре тупламынан бер кеше килде: кейеме йыртҡыланып бөткән, башына тупраҡ һибелгән. Ул, Дауыт янына килеп, ергә ҡапланды. Дауыт унан: – Ҡайҙан киләһең? – тип һораны. – Мин Исраил ғәскәре тупламынан ҡасып киләм, – тине теге. – Ни булды? Һөйлә әле миңә, – тип һораны Дауыт. Теге кеше былай тине: – Яугирҙәр алыш яланын ташлап ҡасты, бик күп кеше ҡырылды, Шаул менән улы Йонаҫан да һәләк булды. – Шаул менән уның улы Йонаҫандың үлгәнен ҡайҙан беләһең? – тип һораны Дауыт хәбәр алып килгән егеттән. – Мин осраҡлы ғына Гилбоағ тауына барып сыҡҡайным, ҡараһам, Шаул һөңгөһөнә таянып тора. Дошмандың яу арбалары менән һыбайлылары уға яҡынлашып килә ине. Шунда ул артына әйләнеп ҡараны ла, мине күреп, янына саҡырҙы. «Бойор, тыңлайым», – тинем мин. «Кем һин?» – тип һораны ул минән. «Мин – ғәмәлек кешеһемен», – тинем. «Кил яныма, үлтер мине, – тине ул. – Үлем ғазабына тарыным, ә йәнем һаман сыҡмай». Мин уның янына килдем дә, бындай ауыр яраларҙан һуң йәшәй алмаясағын күреп, үлтерҙем. Мин уның башындағы тажы менән беләҙеген алдым һәм бына һин хакимыма килтерҙем. Быны ишеткәс, Дауыт ҡайғынан өҫтөндәге кейемен йыртып ташланы, уның эргәһендәге кешеләр ҙә шулай эшләне. Ҡылыстан һәләк булған Шаул менән уның улы Йонаҫан, Раббы халҡы, Исраил йорто өсөн ҡайғырып йәш түктеләр, кискә тиклем ураҙа тоттолар. Дауыт хәбәр алып килгән егеттән: – Һин ҡайҙанһың? – тип һораны. – Мин бер килмешәк ғәмәлек кешеһенең улы булам, – тип яуап бирҙе егет. – Нисек итеп һин Раббы мәсехләгән кешегә ҡул күтәреп, уны үлтереүҙән ҡурҡманың? – тине уға Дауыт. Ул бер кешеһен саҡырып алды ла: – Кил, үлтер уны! – тип бойорҙо. Дауыттың хеҙмәтсеһе ғәмәлекте ҡылыс менән үлтерҙе. Дауыт иһә ғәмәлеккә: – Үлемеңә үҙең ғәйеплеһең, – тине. – «Мин Раббы мәсехләгән кешене үлтерҙем», – тигән ауыҙың шаһитлыҡ ҡылды быға. Дауыт Шаул менән уның улы Йонаҫан хаҡында ҡайғы йыры башҡарҙы. Һуңынан ул «Йәйә» тип аталған был йырҙы Йәһүҙә халҡына өйрәтергә бойорҙо. Был ҡайғы йыры «Яшар» китабында яҙылған. «Эй Исраил, һинең күркең тауҙарыңда башын һалды! Ҡайһылай ҡоланы бәһлеүәндәр! Был хаҡта Ғаҫ ҡалаһында һөйләмәгеҙ; Белдермәгеҙ Ашҡылон урамдарында; Пелешти ҡыҙҙары ҡыуанмаһын; Сөннәтһеҙҙәрҙең ҡыҙҙары шатланмаһын. Эй Гилбоағ тауҙары! Өҫтөгөҙгә ысыҡ төшмәһен, ямғыр яумаһын, Уңыш бирер баҫыуҙарың булмаһын! Шунда шөһрәтен юғалтты баһадирҙар ҡалҡаны, Шаулдың ҡалҡанына май һөртөлмәҫ инде. Дошман яраһынан ҡан ағыҙмайынса, Хас дошмандың эсен ярмайынса, Әйләнеп тә ҡайтмай ине Йонаҫан уғы, Ҡынына ҡайтмай ине Шаул ҡылысы. Шаул менән Йонаҫан ниндәй һөйкөмлө, ғәзиз, Йәшәүҙә лә, үлемдә лә айырылмаҫ булды улар. Бөркөттән дә етеҙ булдылар, Арыҫландан көслө булдылар. Эй Исраил ҡыҙҙары! Һеҙгә ал ҡыҙыл затлы кейем кейҙергән, Алтын биҙәүестәр алып биргән Шаул өсөн йәш түгегеҙ! Яу ҡырында баһадирҙар ҡоланы! Һинең ҡалҡыулыҡтарыңда Йонаҫан һәләк булды. Ҡайғырамын һинең өсөн, туғаным Йонаҫан, Һин миңә бик ғәзиз инең; Һинең яратыуың минең өсөн Ҡатын-ҡыҙҙың һөйөүенән артыҡ ине. Ҡайһылай ҡоланы баһадирҙар! Һуғыш ҡоралдары ҡырылды!» Шунан һуң Дауыт Раббыға мөрәжәғәт итте: – Йәһүҙәнең берәй ҡалаһына барырғамы миңә? – тип һораны. – Бар, – тине Раббы. – Ҡайҙа барырға һуң? – тип һораны Дауыт. – Хевронға, – тине Раббы. Дауыт шунда китте. Ике ҡатыны: Изреғилдән алған Ахиноғам һәм Кармәл кешеһе Навалдың тол ҡатыны Авигаил да уның менән бергә ине. Янындағы кешеләрҙе лә ғаиләһе-ние менән алып китте Дауыт. Улар Хевронда һәм уның тирәһендәге ҡалаларҙа төпләнделәр. Йәһүҙә халҡы Хевронға килеп, Дауытты Йәһүҙә ырыуына батша итеп мәсехләне. Шул ваҡыт Дауытҡа, Ғилғәд Явешы ҡалаһы халҡы Шаулды ерләгән, тигән хәбәр килтерҙеләр. Дауыт, Ғилғәд Явешы ҡалаһы халҡына илселәр ебәреп, шуны әйтергә ҡушты: – Хакимығыҙ Шаулға тоғролоҡ күрһәтеп уны ерләгәнегеҙ өсөн Раббы алдында фатихалы һеҙ. Шуға күрә Раббы һеҙгә Үҙенең мәрхәмәтен һәм тоғролоғон насип итһен. Был яҡшылығығыҙ өсөн мин дә һеҙгә яҡшылыҡ менән яуап ҡайтарырмын. Ә хәҙер көслө һәм ҡыйыу булығыҙ; хакимығыҙ Шаул вафат булды, ә Йәһүҙә ырыуы мине үҙенә батша итеп мәсехләне. Ул арала Шаулдың ғәскәр башлығы Нер улы Авнер, Шаулдың улы Иш-Бошеҫты Маханаимға алып килеп, Ғилғәд, Ашшур, Изреғил, Әфраим һәм Бинйәмингә – бөтә Исраилға батша тип иғлан итте. Исраилға батша булып ултырғанда Шаул улы Иш-Бошеҫҡа ҡырҡ йәш ине. Ул ике йыл батшалыҡ итте. Йәһүҙә ырыуы иһә Дауыт яғында ҡалды. Дауыт Хевронда Йәһүҙә ырыуына барлығы ете йыл да алты ай батша булып торҙо. Бер ваҡыт Нер улы Авнер менән Шаул улы Иш-Бошеҫтың хеҙмәтселәре Маханаимдан Ғивғонға барҙы. Серуяһ улы Йоав та Дауыттың хеҙмәтселәре менән шунда килде. Улар Ғивғон быуаһы янында осраштылар ҙа, берәүҙәре быуаның бер яғына, икенселәре ҡаршы яғына ултырҙылар. Авнер Йоавҡа: – Егеттәр тороп беҙҙең алда көс һынашып алһындар әле, – тине. – Әйҙә, һынашһындар, – тине Йоав. Шунан Шаул улы Иш-Бошеҫ яғынан Бинйәмин ырыуының ун ике кешеһе һәм Дауыт хеҙмәтселәре араһынан ун ике кеше сығып баҫты. Бына улар бер-береһенең баштарынан тотоп алдылар, береһе икенсеһенең ҡабырғаһына ҡылыс менән сәнсте һәм уның менән бергә йығылды. Шуға күрә лә Ғивғондағы был урын Хелҡаҫ-Һассурим тип аталды. Ул көндө алыш бик ҡаты булды. Дауыттың хеҙмәтселәре Авнер менән килгән Исраил кешеләрен еңде. Алышта Серуяһтың өс улы: Йоав, Авишай һәм Ғасаһил ҡатнашҡайны. Ғәзәл кеүек етеҙ аяҡлы ине Ғасаһил. Ул Авнерҙың артынан ҡыуып китте, уңға ла, һулға ла тайпылмайынса, туп-тура уның эҙенән барҙы. Авнер артына әйләнеп ҡараны ла: – Һинме был, Ғасаһил? – тип һораны. – Мин, – тине тегеһе. Авнер уға: – Уңға йәки һулға борол, йәштәрҙең берәйһен тот та ҡоралын һалдырып ал, – тине. Әммә Ғасаһил уның артынан ҡалманы. Авнер тағы Ғасаһилға: – Эҙәрләмә мине, юғиһә ергә йығып һалам, тик мин унан һуң ағайың Йоав күҙенә нисек ҡарармын? Ләкин тегеһе һаман эҙәрләүен дауам итте. Шунан һуң Авнер һөңгөһөнөң һабы менән уның ҡорһағына ҡаҙаны. Һөңгө Ғасаһилды үтәнән-үтә тишеп сыҡты. Ғасаһил торған урынында йығылып йән бирҙе. Ғасаһил үлеп ятҡан урынға килгәндәрҙең бөтәһе лә туҡтап ҡалды. Әммә Йоав менән Авишай Авнерҙы ҡыуып китте. Улар Амма ҡалҡыулығына килеп еткәндә, ҡояш байығайны инде. Ғивғон сүленә барған юл буйындағы Гиах ҡаршыһында ине был ҡалҡыулыҡ. Бинйәмин ырыуы кешеләре йыйылып килеп Авнерҙы уратып алдылар ҙа, ҡалҡыулыҡ өҫтөндә туҡтап ҡалдылар. Авнер Йоавҡа былай тип ҡысҡырҙы: – Ҡасанға тиклем бер-беребеҙҙе ҡылыстан ҡырырбыҙ? Әллә һин бының ҡайғы-хәсрәт кенә килтеререн белмәйһеңме? Кешеләреңә: «Үҙ туғандарыбыҙҙы эҙәрләмәйек», – тип ниңә һаман әйтмәйһең? – Тере Алла шаһит! Әгәр һин үҙең бының киреһен һөйләмәгән булһаң, кешеләр иртәнсәктән үк үҙ туғандарын эҙәрләүҙән туҡтар ине, – тип яуап ҡайтарҙы Йоав. Йоав борғо ҡысҡыртты, барыһы ла туҡтап ҡалды, исраилдарҙы башҡаса баҫтырманылар, һуғыш тамам булды. Авнер менән уның кешеләре Ғарава тигеҙлегенән төнө буйы барҙылар, Иорданды аша сығып, Битронды үттеләр һәм Маханаимға ҡайттылар. Йоав, Авнерҙы эҙәрләүҙән туҡтап, үҙенең кешеләрен йыйҙы. Ғасаһилдан башҡа Дауыттың ун туғыҙ хеҙмәтсеһе һәләк булғайны. Дауыттың хеҙмәтселәре иһә Авнерҙың ҡул аҫтындағы өс йөҙ алтмыш Бинйәмин ырыуы кешеһен үлтергәйне. Ғасаһилды Бейт-Ләхәмдә атаһының төрбәһенә ҡуйҙылар. Шунан Йоав үҙенең кешеләре менән төнө буйы барып, таң атҡанда ғына Хевронға ҡайтып инде. Шаулдың нәҫел-нәсәбе менән Дауыт нәҫеле араһындағы талаш-тартыш бик оҙаҡҡа һуҙылды. Дауыт көсәйгәндән-көсәйә барҙы, ә Шаул нәҫеле хәлһеҙләнде. Хевронда Дауыттың улдары тыуҙы. Баш балаһы Амнон – изреғилле Ахиноғамдан, икенсе улы Килеав – кармәлле Навалдың элекке ҡатыны Авигаилдән, өсөнсөһө Авшалом – Гешур батшаһы Талмайҙың ҡыҙы Мағаханан, дүртенсеһе Адонияһ – Хаггиҫтан, бишенсеһе Шефатъяһ – Авиталдан, алтынсыһы Иҫреғам Дауыттың Ғәғлә исемле ҡатынынан тыуғайны. Дауыттың был улдары Хевронда тыуҙы. Шаул йорто менән Дауыт йорто үҙ-ара ыҙғышып йәшәгән арала, Авнер Шаул йортонда үҙенең хакимлығын нығыта барҙы. Шаулдың бер йәриәһе бар ине – Айяһ исемле кешенең ҡыҙы Риспа. Бер көндө Иш-Бошеҫ Авнерҙан: – Нишләп һин атайымдың йәриәһе менән йоҡланың? – тип һораны. Авнер Иш-Бошеҫтың был һүҙҙәренә асыуы ҡабарып: – Әллә мин Йәһүҙәгә хеҙмәт иткән этме? Атаң Шаулдың нәҫел-нәсәбен, уның ағай-энеһен, дуҫтарын яҡланым, һине Дауыт ҡулына бирмәнем. Ә һин мине бер ҡатын арҡаһында ғәйепләмәк булаһыңмы? Иш-Бошеҫ Авнерға ҡаршы бер һүҙ ҙә әйтә алманы, унан ҡурҡа ине. Ошонан һуң Авнер Дауытҡа илселәр ебәреп: «Был ерҙең хужаһы кем? – тип һорарға ҡушты. – Минең менән килешеү төҙө. Шул саҡта мин һинең яҡлы булам һәм бөтә Исраил халҡын һинең яҡҡа ауҙарырға ярҙам итәм». «Яҡшы, – тине Дауыт, – һинең менән килешеү төҙөйөм, тик бер шартым бар: минең менән күрешергә килгәндә Шаул ҡыҙы Михәлде алып кил, юҡһа һинең менән осрашмаясаҡмын». Шунан Дауыт Шаулдың улы Иш-Бошеҫҡа илселәр ебәрҙе: «Йөҙ пелештиҙең сөннәт тиреһен биреп йәрәшкән ҡатыным Михәлде миңә кире ҡайтар», – тип әйтергә ҡушты. Иш-Бошеҫ Михәлде ире Лаиш улы Палтиилдан тартып алып килергә кешеләр ебәрҙе. Ире илай-илай Бахуримға тиклем ҡатынына эйәреп килде. Әммә Авнер уға кире ҡайтырға бойорғас, ҡайтып китте. Авнер Исраилдың аҡһаҡалдарына былай тип мөрәжәғәт итте: – Һеҙ Дауыттың үҙегеҙгә батша булыуын күптән теләй инегеҙ. Бына хәҙер теләгегеҙҙе тормошҡа ашырығыҙ. Раббы Дауыт тураһында: «Ҡолом Дауыттың ҡулы менән Мин Үҙ халҡым Исраилды пелештиҙәр ҡулынан, бөтә дошмандары ҡулынан ҡотҡарам!» – тип әйткән бит. Авнер Бинйәмин ырыуына ла шул уҡ хәбәрҙе һөйләне. Шунан Авнер, Исраилдың һәм бөтә Бинйәмин ырыуының теләген Дауытҡа еткереү өсөн, Хевронға китте. Авнер егерме кеше менән Хевронға килгәс, Дауыт улар хөрмәтенә мәжлес ойошторҙо. Авнер Дауытҡа: – Инде китергә рөхсәт бир, мин хакимым батшаға бөтә Исраил халҡын йыйып килтерәм. Улар һинең менән килешеү төҙөр. Һин кем өҫтөнән хакимлыҡ итергә теләйһең, шуларҙың барыһына ла батша булырһың, – тине. Шунан һуң Дауыт Авнерҙы имен-аман ҡайтарып ебәрҙе. Шул мәлдә Дауыттың яугирҙәре менән Йоав барымтанан ҡайтты. Улар мул табыш килтергәйне. Авнер иһә Хевронда Дауыт янында юҡ ине инде, Дауыт уны имен-аман ҡайтарып ебәргәйне. Йоав һәм уның менән бергә йөрөгән ғәскәр ҡайтҡас, Йоавҡа Нер улы Авнерҙың батша янына килгәнен, ә Дауыттың уны иҫән-һау ҡайтарып ебәргәнен еткерҙеләр. Йоав батша янына килеп: – Ни эшләнең һин? Авнер үҙ аяғы менән һинең яныңа килгән икән, ниңә уны ҡайтарып ебәрҙең? Авнерҙы, Нер балаһын, беләһең бит инде: алдарға, ингән-сыҡҡан урыныңды ҡарарға, ни эшләп ятҡаныңды белергә килгән ул, – тине. Йоав Дауыт янынан сыҡты ла Авнер артынан сапҡын ебәрҙе. Уны Сира ҡоҙоғо янында ҡыуып етеп, кире килтерҙеләр, ләкин Дауыт был хаҡта белмәй ине. Авнерҙы Хевронға алып килгәс, Йоав уны, йәнәһе, икәүҙән-икәү йәшерен һөйләшәбеҙ тигән булып, ҡапҡа эсенә алып инде лә ҡорһағына сәнсте. Шулай итеп, Йоав Авнерҙан ҡустыһы Ғасаһил өсөн үс алды. Дауыт был хаҡта ишеткәс: – Нер улы Авнерҙың ҡаны ҡойолған өсөн Раббы алдында мин үҙем дә, батшалығым да мәңгегә ғәйепһеҙ, – тине. – Был гонаһ Йоавтың үҙ башына, уның бөтә нәҫел-нәсәбенә төшһөн! Йоав йортонда ирлек ағзаһынан гел генә ағынтыһы килеп торған, махау ауырыуына тарыған, таяҡҡа таянған, йәне ҡылыстан ҡыйылған, бер һыныҡ икмәккә мохтаж булған кешеләр өҙөлмәһен. Шулай итеп, Йоав менән уның ҡустыһы Авишай Авнерҙы Ғивғондағы алышта ҡустылары Ғасаһилдың йәнен ҡыйған өсөн үлтерҙе. Дауыт Йоавҡа һәм уның кешеләренә: – Өҫтөгөҙҙәге кейемегеҙҙе йыртып, ҡыл туҡымаға уранығыҙ, Авнер өсөн илағыҙ, – тине. Дауыт батша Авнерҙың мәйетен үҙе оҙата барҙы. Авнерҙы Хевронда ерләнеләр. Батша уның ҡәбере өҫтөндә ҡысҡырып-ҡысҡырып иланы, бөтә халыҡ уға ҡушылып йәш түкте. Батша Авнер хаҡында ошондай ҡайғылы йырын йырланы: «Бер ахмаҡтай үлергәме ине Авнерға? Ҡулдарың бит бәйле түгел ине, Аяҡтарыңда бығау юҡ ине. Юлбаҫарҙар ҡорбаны кеүек йығылдың». Бөтә халыҡ тағы ла нығыраҡ илай башланы. Һәммә халыҡ көн дауамында Дауытҡа ашарға тәҡдим итте, әммә ул: «Әгәр ҙә мин ҡояш байығанға тиклем ауыҙыма икмәк йәки башҡа берәй ризыҡ ҡаба ҡалһам, Алланың ҡаты ҡәһәре һуҡһын», – тип ант итте. Быны бөтә халыҡ белде, батшаның быға тиклемге башҡа эштәре кеүек үк, был ҡылығы ла халыҡтың күңеленә хуш килде. Нер улы Авнерҙың үлемендә батшаның ғәйебе булмағанлығын ул көндө бөтә халыҡ, бар Исраил аңланы. Батша үҙенең хеҙмәтселәренә: – Бөгөн Исраилда бер юлбашсының, бөйөк бер уҙамандың вафат булғанын беләһегеҙме һеҙ? Батша булып мәсехләнһәм дә, мин әлегә көсһөҙмөн, ә был бәндәләр – Серуяһ улдары – үтә аяуһыҙ. Раббы уларҙың яуызлығына күрә язаһын бирһен, – тине. Хевронда Авнерҙың үлтерелгәнен ишеткәс, Шаул улы Иш-Бошеҫтың күңеле төштө. Барлыҡ исраилдар ҙа хәүефкә ҡалды. Шаул улы Иш-Бошеҫтың яугирҙәрҙе барымтаға йөрөткән Бағана һәм Рехав исемле ике кешеһе бар ине. Беероҫ ҡалаһынан булып, Бинйәмин ырыуынан Риммон тигән кешенең улдары ине улар. Беероҫ ҡалаһы Бинйәмин еренә инә. Ҡасандыр Беероҫ халҡы Гиттаимға ҡасып киткән була һәм шунда ошо көнгә тиклем килмешәк хәлендә йәшәй. Шаул улы Йонаҫандың бер аҡһаҡ улы бар ине. Изреғилдән Шаул менән Йонаҫандың үлеме тураһында хәбәр килгән көндө, бала ҡараусы ҡатын ошо биш йәшлек малайҙы алып ҡаса. Ашыға-ашыға йүгереп барғанда, ул ҡатын уны ҡулынан төшөрөп ебәрә лә бала аҡһаҡ булып ҡала. Мефи-Бошеҫ исемле була ул. Бер ваҡыт Беероҫтан булған Риммон улдары Рехав менән Бағана көндөң иң ҡыҙыу мәлендә Иш-Бошеҫтың өйөнә килә. Ә ул төш ваҡытында үҙ түшәгендә йоҡлап ятҡан була. Шул ваҡыт Рехав менән Бағана, бойҙай алырға тигән булып өй эсенә инәләр ҙә Иш-Бошеҫтың эсенә сәнсеп, уны үлтерәләр. Шунан Рехав менән туғаны Бағана сығып ҡасалар. Улар өйгә ингән саҡта Иш-Бошеҫ үҙенең йоҡо бүлмәһендә түшәктә ятҡан була. Уны ҡылыс менән сәнсеп үлтерәләр ҙә, башын киҫеп алып, сығып китәләр. Төнө буйы Ғарава тигеҙлеге буйлап баралар. Иш-Бошеҫтың башын Хевронға Дауыт батшаға алып киләләр ҙә былай тиҙәр: – Бына һине үлтерергә теләгән дошманың Шаул улы Иш-Бошеҫтың башы! Раббы бөгөн һин хакимыбыҙ батша өсөн дошманың Шаулдан һәм уның тоҡомонан үс алды. Әммә Дауыт Рехав менән уның ҡустыһы Бағанаға – Беероҫ кешеһе Риммондың улдарына – былай ти: – Йәнемде бөтә бәләләрҙән йолоп алған тере Раббы шаһит! Сиҡлағта саҡта: «Шаул үлде!» – тип һөйөнсө алырға килгән кешене бүләкләр урынға тотоп алғанмын һәм үлтерергә ҡушҡанмын икән, хәҙер һеҙҙән – бер ғәйепһеҙ кешене өйөнә инеп, түшәгендә үлтереп сыҡҡан йүнһеҙ бәндәләрҙән – уның ҡаны өсөн ҡон ҡайтармам, ер йөҙөнән юҡ итмәм, тип уйлайһығыҙмы? Дауыт хеҙмәтселәренә әмер бирҙе һәм улар ағалы-энеле был икәүҙе үлтерҙе. Уларҙың аяҡ-ҡулдарын киҫеп, кәүҙәләрен Хеврон быуаһы буйына аҫып ҡуйҙылар. Ә Иш-Бошеҫтың башын Хевронда Авнерҙың төрбәһенә дәфен ҡылдылар. Исраилдың бөтә ырыуҙары Хевронға, Дауыт янына килеп, былай тине: – Беҙ һинең менән бер йән, бер тән. Элек, батшабыҙ Шаул булған саҡта уҡ, Исраилды һин һуғышҡа алып инә, алып сыға торғайның. Раббы һиңә: «Халҡым Исраилға көтөүсе булырһың, Исраилға һин идара итерһең», – тине. Исраилдың бөтә аҡһаҡалдары Хевронға батша янына килде. Дауыт батша Хевронда Раббы хозурында улар менән килешеү төҙөнө. Аҡһаҡалдар Дауытты Исраилға батша итеп мәсехләне. Батша тәхетенә ултырғанда Дауытҡа утыҙ йәш ине. Ул ҡырҡ йыл батшалыҡ итте. Хевронда ете йыл да алты ай Йәһүҙәгә батшалыҡ итте, Йәрүсәлимдә бөтә Исраил менән Йәһүҙәгә утыҙ өс йыл батша булып торҙо. Бына бер ваҡыт батша үҙенең ғәскәрен алып, Йәрүсәлимгә, был ерҙә йәшәгән йевусиҙәргә ҡаршы китте. Йевусиҙәр Дауытҡа: – Инә алмаясаҡһың һин бында. Һине хатта һуҡырҙар менән сатандар ҙа ҡыуып сығарасаҡ, – тине. Улар: «Дауыт бында инә алмаясаҡ», – тип уйлай ине. Әммә Дауыт Сион нығытмаһын баҫып алды, хәҙер был – Дауыт ҡалаһы. Дауыт ул көндө кешеләренә: – Йевусиҙәргә ҡаршы һуғышҡан һәр кем Дауытты күрә алмаған ул сатандар менән һуҡырҙарға һыу үткәргес аша барып етһен, – тине. Бына шуға күрә лә әйтәләр: «Һуҡыр менән сатан һарайға инмәҫ». Дауыт нығытмаға инеп урынлашты һәм уны Дауыт ҡалаһы тип атаны. Ул Миллонан башлап ҡаланың үҙәгенә тиклем төҙөнө. Дауыттың ҡеүәте арта барҙы, абруйы күтәрелде, сөнки Күк ғәскәрҙәре Аллаһы Раббы уның менән булды. Тир батшаһы Хирам Дауытҡа илселәр ебәрҙе. Улар кедр ағастары алып килде. Шулай уҡ балта оҫталары, ташсылар килде. Улар Дауытҡа бер һарай төҙөп бирҙе. Дауыт Раббының уны Исраил батшаһы итеп раҫлағанын һәм халҡы Исраил хаҡына уның батшалығын күтәреүен аңланы. Хеврондан Йәрүсәлимгә килгәс, Дауыт йәнә ҡатындар һәм йәриәләр алды. Уның тағы ла улдары һәм ҡыҙҙары тыуҙы. Бына уның Йәрүсәлимдә тыуған балаларының исемдәре: Шаммуағ, Шовав, Наҫан, Сөләймән, Ивхар, Әлишуағ, Нәфәг, Яфияғ, Әлишамағ, Әлъядағ һәм Әлифәләт. Дауыттың Исраилға батша итеп мәсехләнгәнен ишеткәс, бөтә пелештиҙәр уны эҙләргә кереште. Был хаҡта белеп ҡалғас, Дауыт нығытмаға йүнәлде. Пелештиҙәр Рефалар үҙәненә килеп урынлашты. Дауыт Раббынан: – Пелештиҙәргә ҡаршы сығайыммы? Һин уларҙы минең ҡулыма тапшыраһыңмы? – тип һораны. Раббы Дауытҡа: – Бар, ҡаршы сыҡ! Мин пелештиҙәрҙе һинең ҡулыңа тапшырам, – тип яуап ҡайтарҙы. Дауыт, Бәғел-Перасимға барып, пелештиҙәрҙе тар-мар итте. Шунда Дауыт былай тине: – Һыу ташҡыны ҡаршылыҡтарҙы емереп үткән һымаҡ, Раббы алдымда дошмандарымды туҙҙырып ташланы. Шуға күрә был урынды Бәғел-Перасим тип атанылар. Был урында пелештиҙәр илаһтарының һындарын ташлап ҡасты, ә Дауыт уларҙы үҙенең кешеләре менән алып китте. Күпмелер ваҡыттан һуң пелештиҙәр йәнә Рефалар үҙәненә килеп урынлашты. Дауыт тағы Раббыға һорау менән мөрәжәғәт итте, һәм Ул былай тип яуап ҡайтарҙы: – Уларҙың ҡаршыһынан барма, арт яҡтан урап, тут ағастары яғынан бар. Тут ағастары башында атлағанға оҡшаған тауыш ишетһәң, һөжүмгә күс. Пелешти ғәскәрен ҡыйратыр өсөн Раббы Үҙе һинең алдыңдан бара тигән һүҙ булыр был. Дауыт Раббы нисек бойорһа, шулай эшләне һәм пелештиҙәрҙе Гевағтан алып Гәзәргә тиклем юл буйы ҡырып барҙы. Дауыт тағы Исраилдың арҙаҡлы заттарын йыйып алды. Улар утыҙ мең кеше булды. Дауыт, эргәһендәге халыҡ менән бергә, кирубтар араһында тәхет ҡорған Күк ғәскәрҙәре Раббыһы исемен йөрөткән Алла һандығын алып ҡайтыу өсөн, Йәһүҙәләге Бағала ҡалаһына юлланды. Алла һандығын Авинадавтың ҡашлаҡта ултырған йортонан алып сығып, өр-яңы еңел арбаға ҡуйҙылар. Арбаны Авинадавтың улдары Ғузза менән Ахйо алып барҙы. Ахйо Раббы һандығының алдынан атланы. Ә Дауыт менән бөтә Исраил халҡы Раббы хозурында кипарис ағасынан эшләнгән уйын ҡоралдарында уйнап, арфа һәм лира сиртеп, дөңгөр ҡағып, шылтырауыҡ һелкеп һәм еҙ тәрилкәләр һуғып йырлай-йырлай, бейей-бейей күңел асты. Нахон тигән кешенең ырҙыны янынан үтеп барғанда, үгеҙҙәр һөрлөгөп китте лә, Ғузза, ҡулын һуҙып, Алла һандығын тотоп ҡалды. Шул саҡ Раббының Ғуззаға ҡаршы асыуы ҡабарҙы һәм Ул һандыҡҡа ҡағылырға батырсылыҡ иткән Ғуззаның ғүмерен өҙҙө. Ғузза шунда, Алла һандығы янында, йән бирҙе. Раббының Ғуззаны һәләк итеүе Дауытты ҡайғыға һалды. Ошо төбәккә ул «Пәрәс-Ғузза» тип исем ҡушты. Был урын әле лә шулай тип йөрөтөлә. Шул көндө Дауыт Раббынан бик ныҡ ҡурҡты һәм: «Нисек Раббының һандығын үҙемә алып ҡайтайым?» – тине. Раббы һандығын үҙенә, Дауыт ҡалаһына, алып ҡайтырға баҙнат итмәне, барған юлынан боролоп, уны Ғаҫ кешеһе Ғовед-Эдомдың йортона ҡуйҙы. Раббы һандығы өс ай буйы Ғовед-Эдом йортонда торҙо һәм Раббы Ғовед-Эдомға, уның бөтә ғаиләһенә Үҙенең бәрәкәтен бирҙе. Дауыт батшаға: «Раббы Алла һандығы арҡаһында Ғовед-Эдомдың бөтә ғаиләһенә, булған мал-мөлкәтенә бәрәкәтен биргән», – тигән хәбәр еткерҙеләр. Дауыт барып Алла һандығын һөйөнөс менән Ғовед-Эдом йортонан Дауыт ҡалаһына күсерҙе. Раббы һандығын күтәреп барыусылар алты аҙым яһағас, Дауыт бер үгеҙ һәм һимертелгән бер башмаҡ ҡорбан итте. Етен эфод кейгән Дауыт Раббы алдында әҫәрләнеп бейене. Ошо рәүешле Дауыт һәм бөтә Исраил халҡы Раббы һандығын шау-гөр килеп, мөгөҙ борғолар ҡысҡыртып алып барҙы. Раббы һандығын Дауыт ҡалаһына алып ингән саҡта, Шаулдың ҡыҙы Михәл тәҙрәнән ҡарап тора ине. Дауыт батшаның Раббы хозурында ырғый-һикерә бейегәнен күреп, унда Дауытҡа ҡарата ытырғаныс тойғоһо уянды. Раббы һандығын алып килеп, уны үҙ урынына – Дауыт ҡорҙорған сатыр уртаһына ҡуйҙылар. Дауыт Раббы хозурында тотош яндырыу ҡорбандары һәм татыулыҡ ҡорбандары килтерҙе. Тотош яндырыу ҡорбаны менән татыулыҡ ҡорбаны килтереү тамамланғас, Дауыт халыҡты Күк ғәскәрҙәре Раббыһы исеме менән фатихаланы. Бөтә халыҡҡа, Исраилдың күп һанлы халҡына – ир-аттарға ла, ҡатын-ҡыҙҙарға ла – берәр икмәк, берәр киҫәк ит һәм йөҙөм көлсәһе өләшеп сыҡты. Шунан һәммә халыҡ өйҙәренә таралды. Дауыт үҙ йортона фатиха ҡылырға ҡайтҡас, Шаул ҡыҙы Михәл, уның ҡаршыһына сығып, былай тине: – Ҡара, нисек дан ҡаҙанды бөгөн Исраил батшаһы! Сисенеп ташлап, бер алйот кеше һымаҡ, хеҙмәтселәренең ҡол ҡатындары алдында шәрә йөрөнө! – Һинең атайыңдан, уның барлыҡ нәҫел-нәсәбенән өҫтөн күреп, мине Раббы халҡының – Исраилдың башлығы итеп ҡуйған Раббы хозурында уйнармын да, бейермен дә, – тип яуап ҡайтарҙы Дауыт. – Раббы хаҡына үҙемде бынан ғәйре көлкө хәленә лә ҡуйырмын, үҙ-үҙемде тағы ла нығыраҡ түбәнһетермен, әммә һин әйткән ҡол ҡатындар алдында абруйым күтәреләсәк кенә. Шаул ҡыҙы Михәлдең ғүмере буйына балалары булманы. Дауыт батша үҙ һарайында урынлашты. Раббы уға әйләнә-тирәлә уратып алған дошмандары һөжүменән дә ял итеп алырға форсат бирҙе. Көндәрҙән бер көндө батша Наҫан пәйғәмбәргә: – Бына мин кедр ағасынан һалынған йортта йәшәйем, ә Алла һандығы сатырҙа тора, – тине. – Бар, әйҙә, ниәт иткәнеңде эшлә, Раббы һинең менән, – тине Наҫан батшаға. Әммә шул төндө Наҫанға Раббы һүҙе иңде: – Бар, ҡолом Дауытҡа әйт, Раббы былай ти: «Һиңәме ни Мин төйәкләнер йортто һалырға? Исраил халҡын Мысырҙан алып сыҡҡан көндән башлап бөгөнгә тиклем өй эсендә йәшәмәнем, бер ерҙән икенсе ергә күсенеп йөрөгәндә урыным гел сатырҙа – Изге торлаҡта булды. Исраил халҡы менән ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, халҡым Исраилға көтөүсе булһын өсөн Үҙем тәғәйенләп ҡуйған ырыу башлыҡтарының берәйһенән: „Ниңә Миңә кедр ағасынан йорт һалып бирмәйһегеҙ?“ – тип берәй һүҙ әйткәнем булдымы?» Инде ҡолом Дауытҡа былай тип әйт: Күк ғәскәрҙәре Раббыһы һиңә шулай ти: «Мин һине, һарыҡ көтөп йөрөгән ереңдән алып, Үҙ халҡым Исраилдың юлбашсыһы итеп ҡуйҙым. Ҡайҙа ғына барһаң да, һәр ерҙә һинең менән булдым, Мин һинең бөтә дошмандарыңды юҡ иттем. Хәҙер һинең исемеңде ер йөҙөндә йәшәгән бөйөк кешеләр исеме менән бер рәттән мәшһүр итермен. Ғүмерең бөтөп, ата-бабаларың янына ятҡас, һинең орлоғоңдан яралған бер баланы батша итеп ҡуйырмын, уның батшалығын нығытырмын. Ул Минең исемемә бағышлап йорт төҙөр, ә Мин уның батшалыҡ тәхетен мәңгелеккә нығытырмын. Мин – уға Атай, ә ул Миңә улан булыр. Әгәр ҙә ул гонаһ ҡылһа, ата улын язалағандай, Мин дә уны язалармын. Һинең хаҡыңа Шаулды хакимлыҡтан мәхрүм иткән инем. Һинең улыңды бер ваҡытта ла тоғро мөхәббәтемдән айырмам. Һинең йортоң, һинең батшалығың Минең хозурымда һис ҡаҡшамаҫ, тәхетең мәңге ныҡ булыр!» Наҫан Дауытҡа бөтә ошо һүҙҙәрҙе һәм Раббынан иңгән күренмеште һөйләп бирҙе. Дауыт Раббы хозурына барып ултырҙы. Доға ҡылып, былай тине: – Эй Раббы Хакимым, мин һәм минең нәҫел-нәсәбем кем һуң, Һин мине шул тиклем юғары күтәрҙең! Был да әле Һиңә аҙ тойолдо, Раббы Хакимым; Һин ҡолоңдоң йортоноң киләсәге хаҡында ла хәбәрҙар иттең. Бөтә кешеләр менән дә Һин шулай мөғәләмә итәһеңме, Раббы Хакимым? Дауыт һиңә тағы нимә әйтә ала? Һин бит Үҙеңдең ҡолоңдо беләһең, Раббы Хакимым! Был бөйөк эштәрҙе Һин әйткән һүҙең хаҡына, йөрәгең ҡушҡанға эшләп, Үҙеңдең ҡолоңа алдан белдереп ҡуяһың. Раббы Хакимым, Һин ҡөҙрәтлеһең, Һиңә тиң булырлыҡ һис кем юҡтыр, Һинән башҡа һис бер илаһ юҡтыр! Беҙ быны үҙ ҡолаҡтарыбыҙ менән ишетеп торабыҙ. Ер йөҙөндә халҡың Исраил һымаҡ тағы ниндәй ҡәүем бар? Башҡа ҡайһы халыҡҡа уны йолоп алып Үҙенең халҡы итер өсөн Алланың килгәне бар? Һин Үҙ халҡыңды Мысырҙан ҡотҡарып, Үҙеңдең исемеңде шөһрәтле иттең. Үҙ халҡың алдынан башҡа ҡәүемдәрҙе һәм уларҙың илаһтарын ҡыуып, бөйөк һәм хикмәтле эштәр башҡарҙың. Һин халҡың Исраилды мәңгегә Үҙеңдең халҡың итеп раҫланың һәм, Һин, Раббым, уның Аллаһы булдың. Хәҙер инде, эй Раббы Аллам, Үҙеңдең ҡолоң һәм уның йорто тураһында әйткәнеңде мәңгелеккә нығыт, нимә әйткән булһаң, шуны бойомға ашыр. Һинең исемең мәңгелек данға күмелһен, «Күк ғәскәрҙәре Раббыһы – Исраилдың Аллаһы!» – тиһендәр. Ҡолоң Дауыттың йорто Һинең алдыңда ҡаҡшамаҫлыҡ булып торһон. Эй Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Исраил Аллаһы! Һин Үҙеңдең ҡолоңа: «Йорт төҙөрмөн», – тип әйткәйнең. Шуға күрә мин ҡолоң бөтә йөрәгем менән Һиңә ошо доғамды юлларға баҙнат иттем. Эй Раббы Хакимым! Һин – Аллаһың, Һинең әйткән һүҙҙәрең хаҡтыр! Үҙеңдең ҡолоңа ана шундай игелек вәғәҙә иттең! Хәҙер инде ҡолоңдоң йортона фатихаңды бирһәңсе, ул һәр ваҡыт Һинең хозурыңда булһын. Раббы Хакимым, был хаҡта Һин Үҙең әйттең, һәм Һинең ошо фатихаң менән ҡолоңдоң йорто мәңгелеккә фатихалы булып ҡалыр. Күпмелер ваҡыт үткәс, Дауыт, пелештиҙәрҙе ҡыйратып, уларҙы үҙенә буйһондорҙо һәм Мәҫәг-Амманы тартып алды. Ул шулай уҡ Моав халҡын да тар-мар итте. Уларҙы ергә ятҡырып, бау менән үлсәне – өстән ике өлөшөн үлтерҙе, өсөнсө өлөшөн тере ҡалдырҙы. Шулай итеп, моавтар Дауытҡа буйһондо һәм уға яһаҡ түләй башланы. Сова батшаһы Һададғәзәр Рехов улы Евфрат йылғаһы буйындағы биләмәләрен кире ҡайтарыу ниәте менән килгәс, Дауыт уны ла тар-мар итте. Дауыт уның бер мең ете йөҙ һыбайлыһын һәм егерме мең йәйәүле яугирен әсиргә алды. Йөҙ яу арбаһына егерлек аттарҙы ҡалдырып, башҡаларының аяҡ һеңерҙәрен ҡырҡтырҙы. Дамаскта йәшәгән арами халҡы Сова батшаһы Һададғәзәргә ярҙамға килгәс, Дауыт уларҙың егерме ике мең кешеһен үлтерҙе. Дауыт Дамаск арамиҙарының ерендә һаҡсы ғәскәрҙәр ҡуйҙы; арамиҙар, уға буйһоноп, яһаҡ түләне. Дауыт ҡайҙа ғына яу сапһа ла, Раббы уны еңеүгә ирештерҙе. Дауыт Һададғәзәр ярандарының алтын ҡалҡандарын Йәрүсәлимгә алып ҡайтты. Һададғәзәрҙең Бетах һәм Бероҫай тигән ҡалаларында Дауыт ҡулына бик күп баҡыр төшөрҙө. Хамаҫ батшаһы Тоғи, Дауыттың Һададғәзәр ғәскәрен тар-мар иткәнен ишеткәс, улы Йорамды Дауытҡа сәләм күндерергә һәм Һададғәзәрҙе һуғышып еңгәне өсөн ҡотларға ебәрҙе. Сөнки Һададғәзәр оҙаҡ ваҡыттан бирле Тоғиға ҡаршы һуғышҡан була. Йорам алтын, көмөш, баҡыр әйберҙәр алып килде. Дауыт Тоҙло үҙәндә эдомдарҙың ун һигеҙ меңлек ғәскәрен еңеп ҡайтҡанда үҙ исемен данға күмде. Эдомдың бөтә ерендә ул һаҡсы ғәскәрҙәр ҡуйҙы, уның бөтә халҡы Дауытҡа буйһондо. Дауыт ҡайҙа ғына яу сапһа ла, Раббы уны еңеү ҡаҙандырҙы. Дауыт бөтә Исраил өҫтөнән хакимлыҡ ҡылды, үҙ халҡына ғәҙеллек һәм дөрөҫлөк менән идара итте. Серуяһ улы Йоав – ғәскәр башлығы, Ахилуд улы Йеһошафат – йылъяҙмасы, Ахитув улы Садоҡ менән Әвйәҫәр улы Ахимәләх – ҡаһиндар, Сераяһ – кәтип, Йеһоядағ улы Бенаяһ – керетиҙәр менән пелеҫиҙәр өҫтөнән башлыҡ, ә Дауыт улдары ҡаһиндар булды. Бер көндө Дауыт: – Шаул тоҡомонан берәйһе иҫән ҡалманымы икән? – тип һораны. – Йонаҫан хаҡына мин уға игелек ҡылыр инем. Шаул йортонда Сива исемле бер хеҙмәтсе бар ине. Уны Дауыт янына саҡырттылар. Батша унан: – Сива тигән кеше һин булаһыңмы? – тип һораны. – Эйе, мин ҡолоңмон, – тип яуапланы тегеһе. – Шаул тоҡомонан берәй иҫән кеше ҡалмағанмы? – тине батша. – Мин уға Алла хаҡына игелек күрһәтер инем. – Йонаҫандың бер аҡһаҡ улы бар, – тине Сива батшаға. – Ҡайҙа ул? – тип һораны батша. – Ло-Деварҙа, Ғаммиил улы Махирҙың өйөндә, – тине Сива. Дауыт батша, кешеләрен ебәреп, Йонаҫандың улын Ло-Деварҙан, Ғаммиил улы Махир өйөнән алып ҡайтартты. Шаул улы Йонаҫандың балаһы Мефи-Бошеҫ, Дауыт батша алдына килеп, ихтирам менән йөҙтүбән ергә ҡапланды. – Мефи-Бошеҫ! – тип өндәште уға Дауыт. – Мин ҡолоң бындамын, – тип яуапланы Мефи-Бошеҫ. Дауыт уға былай тине: – Ҡурҡма, атайың Йонаҫан хаҡына мин һине мәрхәмәтемдән айырмам, ҡартатайың Шаулдың бөтә баҫыуҙарын һиңә ҡайтарып бирәм. Үҙең иһә һәр ваҡыт минең менән бер өҫтәлдән ашап-эсерһең. Мефи-Бошеҫ тағы бер тапҡыр баш эйҙе лә: – Кем инде мин ҡолоң? Минең кеүек эт үләкһәһенә тиң затҡа ниңә илтифат иттең? – тине. Шунан Дауыт батша Шаулдың хеҙмәтсеһе Сиваны саҡырып: – Шаулдыҡы һәм уның бөтә нәҫел-нәсәбенеке булған барлыҡ нәмәне хакимыңдың ейәненә бирәм, – тине. – Һин дә, улдарың менән хеҙмәтселәрең дә уның ерҙәрен эшкәртеп, уңышын йыйып бирерһегеҙ, хакимыңдың ейәненең ашарына мул булһын. Хакимыңдың ейәне Мефи-Бошеҫ үҙе һәр ваҡыт минең менән бер өҫтәлдән ашар. Сиваның ун биш улы, егерме ҡоло бар ине. Ул батшаға: – Хакимым батша мин ҡолона ни ҡушһа, барыһы ла үтәлер, – тине. Мефи-Бошеҫ, батша улдары һымаҡ, Дауыт менән бер өҫтәл артында ризыҡланды. Мефи-Бошеҫтың Миха исемле бәләкәй улы бар ине. Сива йортонда йәшәгән бөтә кеше Мефи-Бошеҫтың хеҙмәтселәренә әүерелде. Мефи-Бошеҫ Йәрүсәлимдә йәшәне һәм һәр ваҡыт батша менән бер өҫтәлдән ризыҡланды. Уның ике аяғы ла аҡһаҡ ине. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Ғаммон батшаһы мәрхүм булып, уның урынына улы Ханун тәхеткә ултырҙы. Дауыт: «Нахаштың миңә игелеге күп тейгәйне, мин дә улы Ханунға яҡшылыҡ эшләйем әле», – тип уйланы. Дауыт, атаһының вафаты айҡанлы ҡайғыһын уртаҡлашыр өсөн, Ханунға ярандарын ебәрҙе. Дауыттың хеҙмәтселәре Ғаммон еренә барғас, Ғаммон түрәләре үҙҙәренең хакимы Ханунға: – Әллә Дауыт был кешеләрен, атайыңды ихтирам иткәнгә, һине йыуатыу өсөн ебәргән тип уйлайһыңмы? Юҡ, Дауыт хеҙмәтселәрен ҡаланы ҡарап, барыһын да күреп, һуңынан килеп емереү өсөн ебәргән, – тине. Ханун, Дауыттың хеҙмәтселәрен тотоп алып, уларҙың һаҡалдарын яртылаш ҡырып, кейемдәрен янбаштарына тиклем киҫеп ҡайтарып ебәрҙе. Был хәбәр Дауытҡа килеп еткәс, ул илселәрен ҡаршы алырға кешеләр ебәрҙе, сөнки улар бик ныҡ мыҫҡыл ителгәйне. Батша уларға: «Һаҡалдарығыҙ үҫкәнсе, Йерихола ҡалып тороғоҙ, шунан ҡайтырһығыҙ», – тигән бойороғон еткерергә ҡушты. Ғаммондар, Дауыттың асыуына дусар булғандарын аңлағас, хәбәр ебәреп, Бейт-Реховта һәм Совала йәшәгән арами халҡынан егерме мең йәйәүле ғәскәр, Мағаха батшаһынан – бер мең һәм Товтан ун ике мең яугир ялланы. Был хаҡта ишеткәс, Дауыт иң ҡаһарман ғәскәре менән Йоавты уларға ҡаршы ебәрҙе. Ғаммондар ҡала ҡапҡаһынан сыҡтылар ҙа алышҡа әҙерләнеп сафҡа теҙелделәр. Сова менән Реховтан килгән арамиҙар, Товтан һәм Мағаханан килгән кешеләр яланда айырым тора ине. Йоав, дошман ғәскәрҙәренең алдан да, арттан да торғанын күреп, исраилдарҙың иң яҡшы яугирҙәрен һайлап алды ла уларҙы арамиҙарға ҡаршы ҡуйҙы. Ғәскәрҙең ҡалғанын ҡустыһы Авишайға тапшырҙы һәм Авишай уларҙы ғаммондарға ҡаршы теҙеп ҡуйҙы. – Әгәр арамиҙар мине еңә башлаһа, һин миңә ярҙамға килерһең, ә ғаммондар һине ҡыҫырыҡлай башлаһа, мин ярҙамға килермен, – тине ул. – Батыр бул, халҡыбыҙ өсөн, Аллабыҙҙың ҡалалары өсөн ныҡ торайыҡ, ә Раббы Үҙе нисек хуш күрә, шулай эшләр. Бына Йоав ғәскәре менән арамиҙарға һөжүм итте һәм тегеләр унан ҡаса башланы. Арамиҙарҙың ҡасҡанын күргән ғаммондар ҙа, Авишайҙан ҡасып, кире ҡала эсенә сигенделәр. Ғаммондар менән алыштан һуң, Йоав Йәрүсәлимгә әйләнеп ҡайтты. Үҙҙәренең исраилдарҙан еңелгәнен аңлағас, арами ғәскәре бергә тупланды. Һададғәзәр, хәбәр ебәреп, Евфрат йылғаһы аръяғында йәшәгән арамиҙарҙы саҡыртып алды. Улар Һададғәзәрҙең ғәскәр башлығы Шовах етәкселегендә Хеламға килде. Был турала Дауытҡа хәбәр иткәс, ул, барлыҡ исраилдарҙы йыйып алды ла, Иорданды аша сығып, Хеламға килде. Арамиҙар сафҡа теҙелеп Дауытҡа ҡаршы торҙо һәм алыш башланды. Арамиҙар Исраил ғәскәренән ҡаса башланы. Дауыт арамиҙарҙың ете йөҙ яу арбаһын, ҡырҡ мең һыбайлыһын юҡ итте; уларҙың ғәскәр башлығы Шовахты яраланы һәм Шовах шунда үлеп ҡалды. Һададғәзәргә буйһонған батшалар, үҙҙәренең еңелгәнен күргәс, исраилдар менән тыныслыҡ тураһында килешеү төҙөнө һәм уларға буйһондо. Ә арамиҙар артабан ғаммондарға ярҙам итергә ҡурҡты. Яҙ еткәс, батшалар яуға сыға торған ваҡытта, Дауыт үҙенең хеҙмәтселәрен һәм Исраилдың бөтә ғәскәрен Йоав етәкселегендә һуғышҡа ебәрҙе. Улар, ғаммондарҙы еңеп, Раббаны ҡамауға алды. Дауыт иһә Йәрүсәлимдә ҡалды. Бер кисте Дауыт, түшәгенән тороп, һарайының башына йөрөргә сыҡты һәм унан һыу ҡойонған бер ҡатынды күреп ҡалды. Ул ҡатын ғәжәп сибәр ине. Дауыт был ҡатындың кем икәнен белешергә кешеләр ебәрҙе. – Әлиғамдың ҡыҙы, хитти ҡәүеменән булған Урияһтың ҡатыны Баҫ-Шевағ ул, – тип килеп әйттеләр. Дауыт хеҙмәтселәрен был ҡатынды алып килергә ебәрҙе. Ҡатын батша янына килгәндә, яңы ғына күреме тамамланып, таҙарынған ине. Дауыт уның менән йоҡланы. Һуңынан ҡатын өйөнә ҡайтып китте. Бер аҙҙан ҡатын ауырға ҡалғанын белде лә был хаҡта Дауытҡа хәбәр итте. Дауыт Йоавҡа: «Хитти Урияһты минең янға ебәр», – тигән хәбәр күндерҙе. Йоав Урияһты Дауытҡа ебәрҙе. Урияһ килгәс, Дауыт унан Йоавтың, яугирҙәрҙең хәле, һуғыштың барышы тураһында һорашты. Шунан Дауыт Урияһҡа: – Өйөңә ҡайтып ял ит, – тине. Урияһ һарайҙан сыҡты, уның артынан батшаның бүләген ебәрҙеләр. Әммә Урияһ өйөнә ҡайтманы, хакимының башҡа хеҙмәтселәре менән бергә батша һарайының ҡапҡаһы төбөндә йоҡланы. Дауытҡа Урияһтың өйөнә ҡайтмағанын еткерҙеләр. Дауыт Урияһтан: – Оҙон юлдан йонсоп бөткәнһең, ниңә өйөңә ҡайтманың? – тип һораны. – Изге һандыҡ та, Исраил менән Йәһүҙә ғәскәрҙәре лә ҡыуышта йәшәй, хакимым Йоав менән уның яугирҙәре лә асыҡ яланда ҡуна, – тине Урияһ. – Ә мин өйөмә ҡайтып, ашап-эсеп, ҡатыным менән йоҡлап ятайыммы? Һинең менән, һинең ғүмерең менән ант итеп әйтәм: мин улай эшләйһе түгелмен. Шунан Дауыт: – Бөгөн дә ҡал, ә иртәгә мин һине кире ебәрермен, – тине. Урияһ иртәгәһе көнгә тиклем Йәрүсәлимдә булды. Дауыт уны үҙенә саҡырҙы, Урияһ уның менән ашаны-эсте. Дауыт уны иҫерткәнсе эсерҙе. Әммә Урияһ кисен йоҡларға өйөнә ҡайтманы, ә хакимының хеҙмәтселәре менән бергә кисәге урынында йоҡланы. Иртәгәһен Дауыт, Йоавҡа хат яҙып, уны Урияһҡа биреп ебәрҙе. Хатында ул былай тип яҙғайны: «Урияһты алыштың иң ҡыҙыу еренә ҡуй ҙа, уны ҡалдырып, сигенегеҙ. Ул шунда әжәлен тапһын». Шулай итеп, Йоав ҡаланы ҡамалышта тотҡан саҡта, Урияһты дошмандың иң ҡыйыу яугирҙәре һуғышҡан урынға ҡуйҙы. Ҡалалағы яугирҙәр сығып, Йоав менән алышҡа ташланғас, Дауыт ғәскәренән бер ни тиклем кеше һәләк булды, хитти Урияһ та үлтерелде. Йоав Дауытҡа алыштың барышы тураһында хәбәр ебәрҙе. Сапҡынсыһына ул былай тине: – Батшаға алыштың барышы тураһында һөйләп биргәс, ул асыуланһа һәм һиңә: «Ниңә ҡалаға шул хәтлем яҡын барҙығыҙ? Ҡала диуарҙарынан тороп уҡ атасаҡтарын белмәнегеҙме ни? Йеруббәшәҫ улы Авимәләхте кем үлтерҙе? Ул Тевеста бер ҡатын диуарҙан ырғытҡан тирмән ташынан һәләк булған бит. Ниңә улай ҡала диуарына яҡын барҙығыҙ?» – тиһә, һин уға: «Ҡолоң хитти Урияһ та һәләк булды», – тип әйтерһең. Сапҡынсы, Дауытҡа килеп, Йоав ҡушҡандың барыһын да һөйләп бирҙе. Ул Дауытҡа былай тине: – Дошмандар беҙгә һөжүм итеп, асыҡ яланға сыҡтылар, шунан беҙ уларҙы ҡала ҡапҡаһына тиклем эҙәрләп барҙыҡ. Шунда ҡала диуарҙарынан уҡ ата башланылар, батша ҡолдарының ҡайһы берәүҙәре һәләк булды. Ҡолоң хитти Урияһ та үлеп ҡалды. Шунан Дауыт хәбәр килтереүсегә: – Йоавҡа әйт: ул был хәлгә артыҡ көйөнмәһен, ҡылыс кемде сабайым тип уйлап тормай. Көсөңдө тупла ла ҡаланы тар-мар ит, тип уның күңелен күтәр, – тине. Урияһтың ҡатыны, иренең һәләк булғанын ишеткәс, бик ныҡ ҡайғырҙы. Мәрхүм иренең вафатынан һуңғы мөҙҙәтен үткәргәс, Дауыт артынан кешеләр ебәреп, уны үҙ өйөнә алды. Баҫ-Шевағ уның ҡатыны булды һәм ул табып бирҙе. Әммә Дауыттың был эшен Раббы оҡшатманы. Раббы Наҫан пәйғәмбәрҙе Дауытҡа ебәрҙе. Наҫан, уның янына килеп, былай тине: – Бер ҡалала ике кеше йәшәгән: береһе бай, икенсеһе фәҡир булған. Байҙың ваҡ малы ла, эре малы ла бик күп булған. Ә фәҡирҙең бәрәс кенә сағында һатып алған бер һарығынан башҡа бер нәмәһе лә булмаған. Бәрәс уның балалары менән бергә үҫкән, хужаһы нимә ашаһа, шуны ашаған, уның һауытынан эскән, күкрәгенә башын һалып йоҡлаған, ҡыҫҡаһы, ҡыҙы һымаҡ булған. Бер ваҡыт байға бер мосафир килгән. Бай үҙенә килгән юлсыны һыйлау өсөн һарығын йәки һыйырын һуйырға йәлләгән. Ул ярлының һарығын алып салған да теге мосафирҙы һыйлаған. Был байға асыуы тоҡанған Дауыт Наҫанға: – Тере Раббы шаһит! Бындай эш ҡылған кеше үлемгә лайыҡ! Был ҡылығы һәм рәхимһеҙлеге өсөн унан һарыҡ хаҡын дүртләтә түләтергә кәрәк, – тине. Шунда Наҫан Дауытҡа: – Ул кеше – һин ул. Исраил Аллаһы Раббы бына нимә ти: «Мин һине Исраилға батша итеп мәсехләнем, һине Шаулдан ҡотҡарҙым. Һиңә хакимыңдың һарайын бирҙем, ҡатындарын ҡуйыныңа ятҡырып, Исраил менән Йәһүҙә батшалығын ҡулыңа тапшырҙым. Әгәр ҙә һиңә был да аҙ булһа, тағы ла өҫтәп бирер инем. Ни өсөн һин, Раббының һүҙен һанға һуҡмайынса, Уның алдында яуызлыҡ ҡылдың? Хитти Урияһтың ҡатынын алыр өсөн уны ҡылыстан үлтерттең. Ғаммондар ҡылысынан үлтерттең һин уны. Мине һанға һуҡмағаның һәм хитти Урияһтың ҡатынын алғаның өсөн ҡылыс мәңге йортоң өҫтөндә эленеп торор». Раббы былай ти: «Бәхетһеҙлекте Мин һиңә үҙ йортоңдан бирәм. Күҙ алдыңда ҡатындарыңды тартып алып, үҙеңдең яҡын кешеңә тапшырырмын. Ул һинең ҡатындарың менән көпә-көндөҙ ятып йоҡлар. Һин үҙең быны йәшереп эшләгәйнең, Мин иһә быны бөтә Исраил алдында, көн яҡтыһында эшләрмен». – Мин Раббы алдында гонаһ ҡылдым, – тине Дауыт Наҫанға. – Раббы һине гонаһыңдан арындырҙы, һин үҙең үлмәҫһең, – тип яуап ҡайтарҙы Наҫан. – Әммә был ҡылығың менән һин Раббыны һанламағаныңды күрһәттең. Шуға күрә яңы тыуған улың үләсәк. Наҫан шулай тине лә өйөнә ҡайтып китте. Раббы Дауыттың Урияһтың ҡатыны табып биргән балаһын ауыр сиргә дусар итте. Дауыт бала хаҡына Аллаға ялбарҙы, ураҙа тотто, төндө ерҙә ятып үткәрҙе. Уны ерҙән торғоҙорға тип, нәҫел-ырыуындағы аҡһаҡалдар килде. Әммә ул торманы, улар менән ашап-эсмәне. Етенсе көндө бала мәрхүм булды, Дауыттың хеҙмәтселәре уға баланың вафаты тураһында әйтергә ҡурҡты. «Әле бала үлмәҫ борон ул беҙ әйткәнде тыңларға ла теләмәй ине, хәҙер беҙ уға нисек: „Балаң үлде“, – тип әйтәйек, йә ул үҙе менән берәй нәмә эшләп ҡуйыр», – тинеләр. Дауыт, хеҙмәтселәренең үҙ-ара шыбырҙашҡанын күреп, балаһының гүр эйәһе булғанын аңланы. – Бала вафат булдымы? – тип һораны. – Эйе, вафат булды, – тинеләр. Шунан Дауыт ерҙән тороп йыуынды, хуш еҫле май һөртөп, кейемен алыштырҙы ла Раббы йортона барып ғибәҙәт ҡылды. Өйөнә ҡайтҡас, аҙыҡ килтереүҙәрен һорап, ашап алды. Хеҙмәтселәре унан: – Ниңә улай эшләйһең? Балаң иҫән саҡта ураҙа тоттоң, иланың, балаң үлгәс, торҙоң да ашап алдың, – тинеләр. Дауыт яуап бирҙе: – Бала иҫән саҡта ураҙа тотоп, илауымдың сәбәбе шул: бәлки, Раббы миңә шәфҡәт ҡылыр ҙа бала иҫән ҡалыр, тип уйлағайным. Хәҙер инде, бала вафат булғас, ниңә ураҙа тоторға? Мин уны кире ҡайтара аламмы ни? Мин уның янына китәсәкмен, ә ул миңә кире ҡайтмаясаҡ. Дауыт ҡатыны Баҫ-Шевағты йыуатты, уның менән йоҡланы. Ҡатыны яңынан ауырға ҡалды ла ул тапты. Уға Сөләймән тип исем ҡуштылар. Раббы был баланы бик яратты һәм Наҫан пәйғәмбәрҙе Раббы бойороғо буйынса балаға Йедидъяһ тигән исем ҡушырға ебәрҙе. Ул арала Йоав, ғаммондарҙың Рабба ҡалаһына һөжүм итеп, батша ҡәлғәһен ҡулға төшөрҙө. Шунан Дауытҡа сапҡындар ебәреп: «Мин, Раббаға һөжүм итеп, ҡаланың һыу сығанаҡтарын һаҡлаған ҡәлғәне алдым. Хәҙер һин, ҡалған ғәскәрҙе йыйып алып килеп, ҡаланы ҡама ла, ҡулға төшөр. Юғиһә, мин алһам, ул минең исемем менән аталырға тейеш була», – тип хәбәр итте. Дауыт, бөтә ғәскәрҙе туплап, Раббаға килде лә һөжүм итеп уны алды. Дауыт Ғаммон батшаһының бер талант алтындан аҫыл таштар менән биҙәп эшләнгән тажын тартып алды. Тажды Дауыттың башына кейҙерҙеләр. Ул ҡалала бик күп яумал ҡулға төшөрҙө. Унда йәшәгән халыҡты, ҡыуып алып китеп, бысҡы, тимер кәйлә һәм балта менән эшләргә, кирбес яндырырға мәжбүр итте. Ғаммондарҙың барлыҡ ҡалаларында ла ул шулай эшләне. Шунан Дауыт үҙенең бөтә ғәскәре менән Йәрүсәлимгә әйләнеп ҡайтты. Артабан шундай хәлдәр булды. Дауыттың улы Авшаломдың Тамар исемле бик матур һеңлеһе бар ине. Дауыттың икенсе улы Амнондың Тамарға күҙе төштө. Амнон һеңлеһе Тамар тип шул тиклем ғазапланды, хатта ауырыуға һабышты. Тамар ғиффәтле ҡыҙ булғанлыҡтан, Амнон уға ҡағылыу мөмкин булмаған бер эш тип уйлай ине. Амнондың Йонадав исемле дуҫы бар ине. Ул, Дауыттың ағаһы Шимғаның улы булып, ифрат хәйләкәр ине. Ул Амнонға: – Эй батша улы, әйт әле миңә, ниңә һин көндән-көн ябығаһың? – тип һораны. – Ҡустым Авшаломдың һеңлеһе Тамарҙы яратам мин, – тине Амнон. – Түшәгеңә ят та, – тип өйрәтте уға Йонадав, – ауырыуға һалыш. Атайың хәлеңде белергә килгәс: «Һеңлем Тамар килеп ашатһын әле мине, аҙыҡты күҙ алдымда әҙерләп, үҙ ҡулы менән ашатһын», – тип әйт. Амнон ауырығанға һалышып түшәккә ятты ла, батша уның хәлен белергә килгәс: – Һеңлем Тамар килеп, миңә бер-ике табикмәк бешерһен әле, мин уның ҡулынан ашармын, – тине. Дауыт, кеше ебәреп, Тамарға: – Ағайың Амнондың өйөнә барып, уға ашарға әҙерлә, – тип әйттерҙе. Тамар ағаһы Амнондың өйөнә барһа, ул түшәктә ята. Тамар он алды ла ҡамыр баҫты, уның күҙ алдында табикмәк яһап бешерҙе. Икмәкте табанан алып, уның алдына һалды, әммә Амнон ризыҡтан баш тартып: – Барыһы ла бүлмәнән сыҡһын, – тине. Бөтәһе лә сығып бөткәс, Амнон Тамарға: – Табикмәкте эске бүлмәгә индер, мин һинең ҡулыңдан ашарға теләйем, – тине. Тамар үҙе бешергән табикмәктәрҙе алды ла эске бүлмәгә ағаһы Амнонға алып инде. Табикмәкте алдына килтереп ҡуйғас, Амнон ҡыҙҙы тотоп алды ла: – Әйҙә, минең менән ят, – тине. Тамар уға: – Юҡ, ағайым, минең намыҫыма ҡағылма, Исраилда улай ҡыланмайҙар. Бындай ҡәбәхәтлекте эшләмә! Бындай хурлыҡтан һуң мин ҡайҙа барырмын? Һинең дә Исраилда яманатың таралыр. Батша менән һөйләшеп ҡара, ул мине һиңә биреүҙән баш тартмаҫ, – тине. Ләкин Амнон уның әйткәненә ҡолаҡ һалманы һәм, ҡыҙҙан көслөрәк булғанлыҡтан, уны мәсхәрәләне. Бынан һуң Амнонда Тамарға ҡарата ҡот осҡос нәфрәт тойғоһо уянды. Уның был нәфрәте элекке мөхәббәтенән дә көслөрәк ине. – Бар сығып кит! – тине ул ҡыҙға. Тамар иһә: – Юҡ, ҡыума мине, – тип ялбарҙы, – һин бер әшәкелек эшләнең инде, мине ҡыуып, тағы ла ҙурыраҡ яуызлыҡ ҡылаһың! Әммә Амнон тыңларға ла теләмәне. Хеҙмәтсеһен саҡырып алды ла: – Был ҡатынды ҡыуып сығар ҙа ишекте бикләп ҡуй! – тине. Батшаның ғиффәтле ҡыҙҙары кейә торған оҙон еңле күлдәк кейгән Тамарҙы хеҙмәтсе өйҙән ҡыуып сығарҙы ла артынан ишекте бикләп ҡуйҙы. Тамар, башына көл һибеп, өҫтөндәге кейемен йыртҡылап, башын тотоп ҡысҡырып илай-илай китеп барҙы. Ағаһы Авшалом унан: – Һинең менән Амнон ағайың булдымы? – тип һораны ла: – Тыныслан, һеңлем, тауыш сығарма. Ул – һинең ағайың. Үтә ныҡ бөтөрөнмә, – тине. Шулай итеп, Тамар яңғыҙы ғына ағаһы Авшалом йортонда йәшәй башланы. Дауыт батша, был хәл тураһында ишеткәс, бик ныҡ асыуланды. Авшалом иһә Амнонға яҡшынан да, ямандан да бер ни ҙә әйтмәне, әммә һеңлеһе Тамарҙы көсләгән өсөн Амнонға нәфрәте сикһеҙ ине. Ике йылдан һуң Авшалом Әфраим ҡалаһы янындағы Бәғел-Хасорҙа һарыҡ йөнө ҡырҡыу байрамын үткәрҙе. Авшалом унда батшаның бөтә улдарын да саҡырҙы. Авшалом батшаға килде лә: – Һинең ҡолоң һарыҡ йөнө ҡырҡырға кешеләр йыйҙы. Хеҙмәтселәре менән батша ла килһә ине, – тине. Әммә батша Авшаломға: – Юҡ, улым, һиңә мәшәҡәт һалып, беҙ күмәкләшеп барып йөрөмәбеҙ инде, – тип баш тартты. Авшалом бик үтенеп һораһа ла, батша фатихаһын биреп, бармай ҡалды. – Бик булмаһа, беҙҙең менән ағайым Амнон барһын, – тине Авшалом. – Ниңә ул һинең менән барырға тейеш? – тип һораны батша. Әммә Авшалом бик ялынып һорағас, ул Амнонға ла, башҡа улдарына ла барырға рөхсәт итте. Авшалом үҙенең хеҙмәтселәренә былай тип бойорҙо: – Ҡарап ҡына тороғоҙ ҙа, Амнон иҫереп ғәмен юғалтҡас, мин: «Амнонды сәнсегеҙ», – тип әйтермен. Үлтерегеҙ уны, ҡурҡмағыҙ, мин шулай ҡушам, үҙегеҙҙе ҡыйыу, батыр тотоғоҙ. Авшалом нисек бойорһа, хеҙмәтселәре шулай эшләне. Быны күргән батша улдары һәр береһе үҙенең ҡасырына менеп ҡасты. Улар әле юлда саҡта уҡ Дауытҡа: «Авшалом батша улдарының барыһын да үлтергән икән, береһе лә ҡалмаған», – тигән хәбәр килеп етте. Батша, урынынан тороп, кейемдәрен йыртҡылап ташланы ла ергә ҡапланды, эргәһендәге хеҙмәтселәре лә кейемдәрен йырттылар. Шул саҡ Дауыттың ағаһы Шимғаның улы Йонадав: – Хакимым үҙенең бөтә улдарын да үлтергәндәр икән, тип уйламаһын. Амнонды ғына үлтергәндәр. Амнон һеңлеһе Тамарҙы көсләгән көндән алып, Авшалом уны үлтерергә йыйына ине. Шуның өсөн дә хакимым батша, улдарымдың барыһы ла үлгән икән, тип хафаланмаһын – бары Амнон ғына вафат, – тине. Ул арала Авшалом ҡасып киткәйне. Һаҡта торған егет тау битләүендәге юл буйлап бер төркөм халыҡ килгәнен күреп ҡалды. Йонадав шунда батшаға: – Ана, батша улдары ҡайтып килә, ҡолоң нисек әйткән булһа, шулай килеп сыҡты, – тине. Уның шулай тип әйтеүе булды, ҡысҡырып илаша-илаша батша улдары ла килеп етте. Батша үҙе лә, уның хеҙмәтселәре лә әсе күҙ йәштәре түкте. Авшалом Ғаммиһуд улы Талмайға, Гешур батшаһына, ҡасып китте. Дауыт батша иһә, улы Амнон өсөн ҡайғырып, көн дә йәш түкте. Гешурға ҡасҡан Авшалом унда өс йыл йәшәне. Әммә ваҡыт уҙған һайын Дауыттың Авшаломдан үс алыу теләге үтте, сөнки Амнондың үлеү ҡайғыһы баҫыла төшкәйне. Серуяһ улы Йоав батшаның Авшаломға ҡарата күңеле йомшарғанын һиҙеп ҡалды ла, Теҡоғаға кеше ебәреп унан бер аҡыллы ҡатынды килтертте. Ул был ҡатынға: – Ҙур хәсрәткә тарыған кеше кеүек өҫтөңә ҡайғы кейемдәре кей ҙә, зәйтүн майы һөртмәйенсә, мәрхүм булған кеше өсөн күп көндәр илаған ҡатын ҡиәфәтендә батша янына ин. Шунан уға былай тип һөйләрһең, – тине лә ниҙәр әйтергә өйрәтте. Теҡоғанан килгән ҡатын батша янына инде. Йөҙө менән ергә ҡапланды ла: – Эй батшам, ярҙам ит! – тип өндәште. – Нимә булды? – тип һораны батша. – Мин тол ҡатын, ирем үлде, – тине ҡатын. – Мин ҡолоңдоң ике улы бар ине. Бер көндө улар баҫыуҙа ыҙғышып киткәндәр, ә араларға кеше булмаған. Шунан береһе икенсеһен үлтергән. Бына хәҙер бөтә нәҫел-нәсәп миңә ҡаршы сыҡты: «Үҙ туғанын үлтергән кешене бир беҙгә, ағаһын үлтергән өсөн беҙ уның үҙен үлтерәбеҙ, шул рәүешле беҙ вариҫтан ҡотолабыҙ», – тиҙәр. Былай булһа, улар минең һуңғы өмөт сатҡыһын да һүндерәләр бит, ерҙә иремдең исеме лә, тоҡомо ла ҡалмаясаҡ. – Бар, өйөңә ҡайт, мин әмер бирермен, – тине батша ҡатынға. Әммә Теҡоғанан килгән ҡатын былай тине: – Хакимым батша, әйҙә бының өсөн ғәйеп минең һәм атам нәҫеленең башына төшһөн! Батша үҙе лә, уның тәхете лә ғәйепһеҙ ҡалһын! – тине. – Һиңә ҡаршы һүҙ әйтеүсе булһа, уны миңә килтер, ул әҙәм һиңә ҡағыла алмаҫ, – тине батша. – Улайһа, батшам, Аллаң Раббы менән ант итһәң ине, – тине уға ҡатын, – ҡан өсөн үс алыу үлемгә үлем өҫтәмәһен, улар улымды үлтермәһен. – Тере Раббы шаһит! Улыңдың башынан бер бөртөк сәсе лә ергә төшмәҫ. – Ҡолоңа тағы бер һүҙ әйтергә рөхсәт ит, хакимым батша, – тине ҡатын. – Әйтеп ҡара, – тип яуапланы батша. – Шулай икән, ни өсөн һин Алла халҡына ҡаршы эш итәһең? – тине ҡатын. – Батша үҙенең һүҙҙәре менән үҙенә хөкөм сығара, сөнки үҙенән ҡыуылған кешеһен ҡайтарып алмай бит. Ахырҙа һәммәбеҙ ҙә үләбеҙ. Ергә түгелгән һыуҙы ҡабат йыйып алып булмай. Алла берәүҙең дә йәнен харап итергә теләмәй, ситкә тибәрелгән кеше Минән ситләшә күрмәһен тип уйлай. Әле хакимым батшаға был һүҙҙәремде һөйләр өсөн килеүемдең сәбәбе шул: халыҡ мине ҡурҡыуға һалды, ә мин: «Туҡта, батша менән һөйләшеп ҡарайым әле, бәлки, ул минең һорауымды кире ҡаҡмаҫ, – тип уйланым. – Батша үтенесемде тыңлар һәм, Алла тарафынан беҙгә тәғәйенләнгән мал-мөлкәткә ҡыҙығып, мине һәм улымды юҡ итергә ниәтләгәндең ҡулынан ҡотҡарыр». Хакимым батшаның һүҙе йәнемә тыныслыҡ бирһен, тинем. Сөнки батша, Алланың фәрештәһе кеүек, яманды яҡшынан айыра ала. Аллаң Раббы һәр саҡ һинең менән булһын! Шул саҡ батша ҡатынға: – Минең һорауыма йәшермәй генә яуап бир әле, – тине. – Әйт, хакимым батша, – тине ҡатын. – Һин был хәбәрҙәреңде Йоав ҡушыуы буйынса һөйләмәнеңме? – тип һораны батша. – Ғүмерең оҙон булһын, хакимым батша, тап өҫтөнә баҫтың – батшанан бер ни йәшереү мөмкин түгел икән, – тине ҡатын. – Мин һиңә ҡолоң Йоавтың өйрәтеүе һәм ҡушыуы буйынса һөйләнем. Ҡолоң Йоав бөгөнгө хәлде яҡшыға үҙгәртер өсөн уйлап тапҡайны быны. Әммә хакимым батша Алла фәрештәһе кеүек аҡыллы, ер йөҙөндә ниҙәр булғанын белеп тора. Шунан һуң батша Йоавҡа: – Ярай, һин теләгәнсә эшләйем, бар, ул егетте – Авшаломды – алып ҡайт, – тине. Шунда Йоав батшаға ергә тиклем баш эйеп рәхмәт әйтте лә: – Хәҙер инде ҡолоң белә: мин бөгөн хакимым батшаның мәрхәмәтенә лайыҡ булдым, сөнки батша үҙенең ҡоло теләгәнсә эшләне, – тине. Шунан һуң Йоав, Гешурға барып, Авшаломды Йәрүсәлимгә алып ҡайтты. Әммә батша: «Әйҙә өйөнә ҡайтһын, тик минең йөҙөмдө күрәһе булмаһын», – тине. Авшалом өйөнә ҡайтты, әммә батшаның күҙенә күренмәне. Бөтөн Исраилда Авшалом һымаҡ күркәмлеге өсөн маҡталған бер генә ир-ат та юҡ ине. Баш түбәһенән алып аяҡ табанына тиклем бер генә килмәгән ере лә юҡ ине уның. Сәсен алдырған саҡта – ә уны йыл да алдырырға тура килә ине, сөнки сәсе башын баҫа башлай – алынған сәсе батша үлсәме менән ике йөҙ шекел тарта торғайны. Авшаломдың өс улы һәм Тамар исемле бик сибәр бер ҡыҙы бар ине. Батшаны күрмәйенсә Авшалом Йәрүсәлимдә ике йыл йәшәне. Шунан батшаға ебәрер өсөн Йоавты саҡырҙы, әммә тегеһе килергә теләмәне. Икенсе тапҡыр саҡырып кеше ебәрҙе – тегеһе йәнә килмәне. Авшалом хеҙмәтселәренә: – Минең баҫыу менән йәнәшә Йоавтың арпа баҫыуын күрәһегеҙме? – тине. – Барығыҙ ҙа уға ут төртөгөҙ. Авшаломдың хеҙмәтселәре барып баҫыуға үрт һалды. Йоав Авшаломдың өйөнә килеп: – Хеҙмәтселәрең ниңә минең баҫыуыма ут төрткән? – тип һораны. – Мин бит һине саҡыртып кешеләр ебәргәйнем, – тине Авшалом. – Һине батшаға ебәреп: «Нишләп мин Гешурҙан ҡайттым икән? – тип һоратырға иткәйнем. – Шунда ғына ҡалһам, яҡшыраҡ булыр ине». Мин батшаны күрергә теләйем. Әгәр ҙә ғәйеплемен икән, әйҙә, мине үлтерһен. Йоав барып Авшаломдың әйткәндәрен батшаға һөйләп бирҙе. Шунан һуң батша уны үҙ янына саҡыртып алды. Авшалом, батша янына инеп, йөҙө менән ергә ҡапланды һәм батша уны ҡосаҡлап үпте. Шунан һуң Авшалом үҙенә арбалары менән аттар һәм алдан йүгереп барырға иллеләп нөгәр хәстәрләне. Ул, таңдан тороп, ҡала ҡапҡаһы янына баҫа ла дәғүә менән батша хөкөмөнә килгән һәр кешене үҙенең янына саҡыртып ала: – Һин ҡайһы ҡаланан? – тип һораша. Йомош менән килгән кеше: – Ҡолоң Исраилдың фәлән-фәлән ырыуынан, – тип яуап биргәндән һуң, Авшалом: – Дәғүәләрең хаҡ та, ғәҙел дә, әммә батша янында һиңә ҡолаҡ һалырҙай кеше юҡ шул, – тигән. Шунан: – Әгәр ҙә был илгә хөкөмдар итеп мине ҡуйһалар, бәхәс йәки дәғүә менән килгән һәр кешегә ғәҙел хөкөм ҡылыр инем, – тип өҫтәгән. Берәйһе уның янына баш эйергә тип яҡынлашһа, ул, ҡулын һуҙып, уны ҡосаҡлай һәм үбә торғайны. Батша хөкөмөнә килгән һәр кеше менән Авшалом үҙен шулай тотто, шул рәүешле ул әкренләп Исраил халҡының күңелен яулай барҙы. Бынан дүрт йыл үткәс, Авшалом батшаға былай тип мөрәжәғәт итте: – Рөхсәт итһәң, мин, Хевронға барып, Раббыға биргән нәҙеремде үтәп килер инем. Мин ҡолоң арамиҙар ерендәге Гешур ҡалаһында йәшәгәнемдә, Раббы мине Йәрүсәлимгә кире ҡайтарһа, Раббыға сәждә ҡылыр инем, тип нәҙер әйткәйнем. Батша уға: – Иҫән-аман йөрө, – тине. Авшалом Хевронға юлланды. Бөтә Исраил ырыуҙарына кешеләр ебәреп, уларға: «Борғо тауышын ишетеү менән: „Авшалом Хевронда батша булып ултырҙы!“ – тип иғлан итегеҙ», – тип бойорҙо. Йәрүсәлимдән Авшалом менән ул саҡырған ике йөҙ кеше китте. Улар, эштең ниҙә икәнен белмәйенсә, ихлас күңелдән эйәргәйне. Ҡорбан килтереү йолаһын атҡарыу өсөн Авшалом, кеше ебәреп, Дауыттың кәңәшсеһен, Гило ҡалаһы кешеһе Ахиҫофелды, алдыртты. Шулай итеп, Авшалом ойошторған фетнә киңәйә-көсәйә барып, уның эргәһенә яңынан-яңы кешеләр ағылды. Бер хәбәрсе Дауытҡа килеп: – Авшалом Исраил халҡының ышанысын яулап алды, – тине. Дауыт Йәрүсәлимдә үҙ янында булған бөтә хеҙмәтселәренә: – Ҡуҙғалығыҙ, ҡасырға кәрәк, юғиһә Авшаломдан һис кем ҡотола алмаҫ. Йәһәт булығыҙ, ул бында килеп етеп, тотоп алмаҫ элек китәйек, юҡһа ул беҙҙе бәләгә тарытыр, бөтә ҡаланы ҡылыстан үткәрер, – тине. – Хакимыбыҙ батша нисек ҡарар итһә, шуны эшләрбеҙ, беҙ – һинең ҡолдарың, – тип яуап ҡайтарҙы батшаның хеҙмәтселәре. Батша, һарайҙағы бөтә кешене эйәртеп, юлға сыҡты. Һарайға күҙ-ҡолаҡ булып торһондар өсөн үҙенең ун йәриәһен генә ҡалдырҙы. Батша һәм уның артынан эйәргән бар халыҡ ҡаланың иң һуңғы йорто янында туҡтаны. Шунда батша янынан уның бөтә хеҙмәтселәре, унан керетиҙәр менән пелеҫиҙәр үтте, улар артынан батша менән бергә Ғаҫ ҡалаһынан күсеп килгән алты йөҙләп Ғаҫ кешеһе уҙҙы. Шул саҡта батша Ғаҫ кешеһе Иттайҙан: – Ниңә һин беҙҙең менән китеп бараһың әле? – тип һораны. – Кире ҡайт та яңы батша менән ҡал, сөнки һин ватаныңдан ҡыуылған бер килмешәкһең. Һин кисә генә бында килдең, инде бөгөн мин һине үҙебеҙгә эйәрергә мәжбүр итәйемме ни? Мин ҡайҙа барырымды үҙем дә белмәйем әле. Бар, ҡайт, ағай-энеңде лә алып кит. Раббының мәрхәмәте һәм тоғролоғо юлдаш булһын һиңә! Иттай батшаға былай тип яуап ҡайтарҙы: – Тере Раббы ла, хакимым батша ла шаһит: үлем өсөнмө, йәшәү өсөнмө хакимым батша ҡайҙа булһа, мин ҡолоң да шунда буласаҡмын. – Улайһа киттек, – тине Дауыт. Шулай итеп, Ғаҫ кешеһе Иттай һәм уның янындағы бөтә кеше бала-сағалары менән бергә юлға ҡуҙғалды. Батша кешеләре үткән саҡта, бөтөн ил-йорт зар илап ҡалды. Батша Ҡидрон кисеүе аша сыҡты һәм бар халыҡ сүлгә йүнәлде. Шул саҡ Дауыт Садоҡ ҡаһин менән Алланың Килешеү һандығын күтәреп йөрөткән левиҙәрҙе күреп ҡалды. Бына улар, туҡтап, Алла һандығын ергә ҡуйҙы. Әвйәҫәр ҡаһин, ҡалҡыу урынға баҫып, ҡаланан һәммә халыҡтың сығып бөткәнен ҡарап торҙо. Шунда батша Садоҡҡа: – Алла һандығын ҡалаға кире алып ҡайт. Әгәр Раббы хуш күрһә, мине кире ҡайтарыр, изге һандыҡты ла, уның торлағын да күрергә насип итер. Әгәр инде Ул: «Мин һине хуш күрмәйем», – тип әйтә икән, әҙермен – минең менән нимә теләһә, шуны эшләһен әйҙә, – тине. Батша Садоҡ ҡаһинға тағы ла былай тине: – Һин бит аңлай торған кеше, ҡалаға иҫән-имен ҡайт, улың Ахимағасты һәм Әвйәҫәр улы Йонаҫанды үҙең менән ал. Икегеҙ ҙә улдарығыҙ менән ҡайтығыҙ. Һеҙҙән хәл-әхүәл белдергән хәбәр алғанға тиклем, мин сүлдә, йылғаның кисеүендә торормон. Садоҡ менән Әвйәҫәр Алла һандығын Йәрүсәлимгә алып ҡайтып китте һәм үҙҙәре лә шунда ҡалды. Ә Дауыт илай-илай Зәйтүн тауына менеүендә булды: башы бөркәлгән, аяҡтары яланғас ине. Уның юлдаштары ла ҡайғы билдәһе итеп баштарын ҡаплаған килеш илай-илай атлайҙар. Бер мәл Дауытҡа: – Ахиҫофел да Авшалом янында булған фетнәселәр араһында, – тип хәбәр иттеләр. – Эй Раббым, – тине шунда Дауыт, – Ахиҫофелдың кәңәштәрен бушҡа сығар! Дауыт тауҙың башына, ғәҙәттә Аллаға ғибәҙәт ҡыла торған урынға, күтәрелгәйне, ҡараһа, ҡаршыһына дуҫы арки Хушай килә: кейемен йыртҡылаған, башына тупраҡ һипкән. Дауыт уға: – Һин минең менән барһаң, миңә ауырлығыңды ғына һалаһың, – тине. – Ә инде һин ҡалаға кире барып, Авшаломға: «Батша, мин һинең ҡолоң. Быға тиклем мин атайыңдың ҡоло инем, ә хәҙер – һинең ҡолоң», – тип әйтһәң, һин Ахиҫофелдың кәңәштәрен бушҡа сығарыр инең. Унда һинең эргәңдә Садоҡ менән Әвйәҫәр ҡаһиндар булыр. Батша һарайында ишеткән һәр нәмәне ҡаһиндарға еткереп тор. Садоҡ улы Ахимағас менән Әвйәҫәр улы Йонаҫан да шунда. Нимә ишетәһегеҙ, шуны улар аша миңә хәбәр итегеҙ, – тине. Дауыттың дуҫы Хушай Йәрүсәлимгә китте. Тап шул мәлдә Авшалом Йәрүсәлимгә килеп ингәйне. Дауыт тауҙан төшә генә башлағайны, уның ҡаршыһына Мефи-Бошеҫтың хеҙмәтсеһе Сива килеп сыҡты. Ул ике ишәккә ике йөҙ көлсә, йөҙ бәйләм кипкән йөҙөм, йөҙ бәйләм инжир һәм бер турһыҡ шарап артмаҡлатып алғайны. – Быларҙы нимәгә алып килдең? – тип һораны батша Сиванан. – Ишәктәргә батшаның ғаиләһе менеп йөрөр, икмәк менән емештәрҙе яугирҙәр ашар, шарапты ҡырҙа хәлдән тайған кешеләр эсер, – тип яуап бирҙе Сива. – Хакимыңдың улы ҡайҙа? – тип һораны батша. – Мефи-Бошеҫ Йәрүсәлимдә ҡалды, – тине Сива. – Исраил халҡы атамдың батшалығын миңә ҡайтарып бирер, тип өмөтләнә. – Быға тиклем Мефи-Бошеҫтыҡы булып һаналған бөтә нәмә һинеке булыр, – тине батша Сиваға. – Аяҡ аҫтыңдағы тупраҡ булайым, хакимым батша. Мин һәр ваҡыт шулай һинең рәхмәтеңә лайыҡ булһам ине, – тип яуап ҡайтарҙы Сива. Дауыт батша Бахуримға барып еткәс, Шаул нәҫеленән булған Гера улы Шимғи тигән бер кеше килеп сыҡты. Шимғи эйәрә килеп Дауытты һүкте, Дауытҡа һәм уның хеҙмәтселәренә таш бәрҙе. Батшаны уңдан да, һулдан да ярандары, яугирҙәре уратып алғайны. – Кит бынан, кит, ҡан ҡойоусы, әҙәм аҡтығы! Шаул урынына тәхеткә менеп ултырған инең. Шаул ғаиләһенең ҡанын күпме түккән булһаң, Раббы барыһын да үҙ башыңа ҡайтарҙы. Ана Раббы батшалыҡты улың Авшаломға бирҙе. Ҡулың ҡанлы булғанға ошо бәләгә тарының һин! – тип әрләште Шимғи. – Был эт үләкһәһе ниңә хакимым батшаға һүҙ тейҙерә әле? – тине Серуяһ улы Авишай батшаға. – Барып башын ҡырҡып ташларға рөхсәт ит. Әммә батша: – Һеҙгә минән ни кәрәк, Серуяһ улдары? Әйҙә, һөйләнә бирһен. «Дауытты һүк», – тип Раббы Үҙе ҡушҡан икән, «Ниңә улай эшләйһең?» – тип кем әйтә алыр? – тип уны тыйҙы. Шунан Дауыт Авишайға һәм бөтә хеҙмәтселәренә: – Үҙемдән тыуған балам мине үлтерергә йыйына икән, Бинйәмин ырыуынан булған ул бәндәнән нимә көтәһең? Теймәгеҙ, тиргәшһен әйҙә, Раббы ҡушҡан уға, – тине. – Бәлки, Раббы, кәмһетелеүемде күреп, бөгөнгө яман һүҙҙәр өсөн алдағы көнөмдә миңә яҡшылыҡ күндерер. Дауыт эргәһендәге кешеләре менән үҙ юлына китте, ә Шимғи тау бите буйлап һаман әрләшә-әрләшә уларға эйәреп барҙы, батша яғына таш ырғытты, саң борҡотто. Батша һәм уның менән булған бөтә кешеләре Иордан буйына килеп етте. Улар бик арығайны, шунда ял итергә туҡтанылар. Авшалом үҙенә эйәргән барлыҡ исраилдар менән Йәрүсәлимгә килде, Ахиҫофел да уның менән ине. Арки кешеһе Хушай, Дауыттың дуҫы, Авшаломға килде лә: – Йәшәһен батша! Йәшәһен батша! – тип ҡысҡырҙы. Авшалом Хушайға: – Дуҫыңа тоғролоғоң ошо буламы? Ниңә үҙеңдең дуҫың менән китмәнең? – тип һораны. – Юҡ, мин Раббы, ғәскәр һәм Исраил халҡы һайлаған кеше яҡлымын. Мин уның менән ҡалам, – тине Хушай Авшаломға. – Ә кемгә хеҙмәт итәсәкмен һуң мин? Дуҫымдың улына түгелме ни? Атайыңа нисек хеҙмәт иткәнмен, һиңә лә шулай хеҙмәт итермен. Авшалом Ахиҫофелдан: – Кәңәш бир, беҙгә инде нимә эшләргә? – тип һораны. – Атайың һарайға күҙ-ҡолаҡ булыр өсөн йәриәләрен ҡалдырған, – тине Ахиҫофел Авшаломға. – Һин шулар менән йоҡла. Шул саҡ һинең атайыңда үҙеңә ҡарата ниндәй нәфрәт уятҡаныңды бөтә исраилдар ишетер ҙә һинең яҡлыларҙың көсө артыр. Һарай түбәһендә Авшалом өсөн сатыр ҡорҙолар ҙа ул, бөтә Исраилдың күҙ алдында, атаһының йәриәләре янына инде. Ул заманда Ахиҫофелдың кәңәштәре Алла күндергән өгөт-нәсихәт һымаҡ һаналды. Ахиҫофелдың һәр кәңәше Дауыт өсөн дә, Авшалом өсөн дә ҙур әһәмиәткә эйә ине. Ахиҫофел Авшаломға былай тине: – Ун ике мең кеше йыйып алайым да ошо төндә Дауытты ҡыуа китәйем. Хәҙер ул арыған, хәлдән тайған, уға һөжүм итеп ҡурҡытһам, янындағылар барыһы ла ҡасып китәсәк. Мин тик батшаны ғына үлтерермен. Шулай итеп бөтә халыҡты һинең яҡҡа ауҙарам. Һин эҙәрләгән кеше үлһә, бөтә халыҡ, тынысланып, кире ҡайтасаҡ. Был кәңәште Авшалом да, Исраил аҡһаҡалдары ла хуп күрҙе. Тик Авшалом: – Арки Хушайҙы саҡырығыҙ әле, уның ни әйтерен тыңлап ҡарайыҡ, – тине. Хушай Авшалом янына килде. Авшалом уға мөрәжәғәт итеп: – Бына нимә ти бит әле Ахиҫофел, уны тыңларғамы-юҡмы? Юҡ икән – һин ниндәй кәңәш бирерһең? – тип һораны. – Был юлы Ахиҫофелдың кәңәше бик үк йүнле түгел, – тине Хушай Авшаломға. Шунан һүҙен дауам итте: – Һин үҙеңдең атайыңды ла, уның янындағы кешеләрҙе лә беләһең. Улар ысын яугирҙәр – ҡыйыуҙар, өҫтәүенә, әле улар, балаһынан айырылған инә айыу кеүек асыулылар. Атайың бит – тәжрибәле яугир, ул төндө үҙенең кешеләре янында үткәрмәҫ. Хәҙер ул, моғайын, берәй мәмерйәлә йә башҡа ерҙә йәшенеп яталыр. Әгәр беренсе бәрелештә үк һинең кешеләрең араһында юғалтыу булһа, быны ишетеп халыҡ: «Авшалом яҡлылар еңелгән икән», – тиәсәк. Ул ваҡытта инде арыҫлан йөрәкле кеше лә ҡаушап төшөр, сөнки атайыңдың да, уның янындағыларҙың да ниндәй ғәйрәтле икәне бөтә Исраилға мәғлүм. Шуға күрә кәңәшем ошо: Дандан алып Беер-Шәвәғкә тиклем һуҙылған бөтә Исраил һинең тарафыңда тупланһын. Халыҡ диңгеҙ буйындағы ҡом һымаҡ күп бит! Һин уларҙы алышҡа үҙең алып барырһың. Бына шул саҡта беҙ, Дауыт ҡайҙа ғына булһа ла, уға ҡаршы китербеҙ. Беҙ уның өҫтөнә көтмәгәндә, иртәнге ысыҡ төшкәндәй, ябырылырбыҙ – Дауыттың үҙен дә, янындағыларҙы ла, береһен дә тере ҡалдырмаҫбыҙ. Әгәр инде ул берәй ҡалаға инеп йәшенә ҡалһа, ул сағында бөтә Исраил арҡан алып шул ҡалаға килер. Шунда барыбыҙ бергәләп ҡаланы ауҙарырбыҙ, бер бөртөк ташын да ҡалдырмай үҙәнгә һөйрәп төшөрөрбөҙ. Авшаломға ҡушылып барыһы ла бер ауыҙҙан: – Арки кешеһе Хушайҙың кәңәше Ахиҫофелдыҡынан яҡшыраҡ, – тип хәл итте. Сөнки Раббы Авшаломдың башына һәләкәт килтерер өсөн Ахиҫофелдың яҡшы кәңәшен ҡабул иттермәне. Хушай Садоҡ менән Әвйәҫәр ҡаһиндарға Ахиҫофелдың Авшаломға һәм Исраил аҡһаҡалдарына ниндәй кәңәш биргәнен һәм үҙенең нимә әйткәнен хәбәр итте. – Хәҙер тиҙ генә кеше ебәрегеҙ ҙә Дауытҡа әйтегеҙ, – тине Хушай, – был төндә ҡырҙа ҡалмаһындар, ә тиҙерәк йылғаны аша сыҡһындар. Юҡһа батша ла, уның янындағы кешеләр ҙә һәләк булыр. Йонаҫан менән Ахимағас Рогел инеше янында көтөп ҡалды. Уларға ҡалала күренергә ярамағанлыҡтан, Дауытҡа әйтә торған бөтә һүҙҙе хеҙмәтсе ҡатын барып һөйләне. Тик уларҙы бер үҫмер егет күреп ҡалды ла был хаҡта Авшаломға еткерҙе. Улар тиҙ генә китә һалып, Бахуримда бер кешенең өйөнә инделәр. Был кешенең ишек алдында ҡоҙоҡ бар ине, улар шунда төштө. Өй хужабикәһе ҡоҙоҡтоң ауыҙына япма йәйҙе лә өҫтөнә ашлыҡ һалып ҡуйғайны – бер ни ҙә күренмәне. Авшаломдың кешеләре был өйгә ҡатындың янына килделәр ҙә: – Ахимағас менән Йонаҫан ҡайҙа? – тип һоранылар. – Улар шишмә аша сығып китте, – тип яуапланы ҡатын. Тегеләр эҙләштереп ҡараны ла, бер ни ҙә тапмағас, Йәрүсәлимгә ҡайтып китте. Тегеләр киткәс, Ахимағас менән Йонаҫан ҡоҙоҡтан сығып, Дауыт батшаға әйтелгән хәбәрҙе еткерҙе: «Ҡуҙғалығыҙ ҙа тиҙерәк һыуҙы аша сығығыҙ, юғиһә Ахиҫофел һеҙҙең хаҡта шундай-шундай кәңәш биргән», – тинеләр. Дауыт бөтә кешеләре менән Иорданды кисеп, йылға аръяғына сыҡты, таңға табан ярҙың бирге яғында бер кем дә ҡалманы. Ахиҫофел иһә, кәңәшен тотмағандарын күреп, ишәген эйәрләне лә юлға сыҡты һәм тыуған ҡалаһына, өйөнә ҡайтып китте. Ғаиләһенә васыятын әйткәндән һуң, аҫылынып үлде. Уны атаһының төрбәһенә ҡуйҙылар. Дауыт Маханаим ҡалаһына килеп еткәндә, Авшалом менән уның янындағы исраилдар Иордан йылғаһын аша сыҡҡайны. Авшалом Йоав урынына ғәскәр башлығы итеп Ғамасаны тәғәйенләне. Ғамаса Исмәғил ҡәүеменән Йәҫәр исемле бер кешенең улы ине. Әсәһе Нахаш ҡыҙы Авигаил – Серуяһтың ҡыҙ туғаны. Серуяһ иһә – Йоавтың әсәһе. Авшалом менән исраилдар Ғилғәд ерендә туплам булып урынлашты. Дауыт Маханаимға барып етеүгә, ғаммондарҙың Рабба ҡалаһынан Нахаш улы Шови, Ло-Деварҙан Ғаммиил улы Махир, Ғилғәд ерендәге Рогелимдан Барзиллай Дауытҡа һәм уның кешеләренә түшәнер-яҫтаныр әйбер, һауыт-һаба, ашарҙарына бойҙай, арпа, он, ҡурмас, ҡара борсаҡ, яҫмыҡ, бал һәм май, һарыҡ, эремсек килтерҙе. «Халыҡ асыҡҡан-арығандыр, сүлдә йөрөп сарсағандыр», – тине улар. Дауыт янындағы кешеләрҙе бер урынға йыйып, улар өҫтөнән мең баштары һәм йөҙ баштары ҡуйҙы. Дауыт кешеләрен өс өлөшкә бүлде. Беренсеһенә – Йоавты, икенсеһенә Йоавтың туғаны – Серуяһ улы Авишайҙы, өсөнсөһөнә Ғаҫ кешеһе Иттайҙы башлыҡ итте. Батша яугирҙәренә: – Мин дә һеҙҙең менән барам! – тине. Әммә улар: – Юҡ, бара күрмә, әгәр беҙ ҡаса башлаһаҡ, быға иғтибар итеүсе булмаҫ; беҙҙең яртыбыҙ үлеп ҡалһа ла, бер кем дә ыжламаҫ. Ә һин бер үҙең беҙҙең ун меңебеҙгә торошлоһоң. Шулай булғас, беҙҙең өсөн һинең ҡаланан тороп ярҙам итеүең яҡшыраҡ, – тип ҡаршы төштөләр. – Ярар, – тине батша, – һеҙгә нисек ҡулай, шулай эшләйем. Батша ҡала ҡапҡаһы янына барып баҫты, ә кешеләр ҡапҡанан йөҙәрләп, меңәрләп сыға торҙо. Батша Йоавҡа, Авишайға һәм Иттайға: – Минең хаҡыма ул егет – Авшалом менән йомшағыраҡ ҡыланығыҙ! – тип бойорҙо. Батшаның Авшалом тураһында ғәскәр башлыҡтарына биргән был бойороғон бөтә кешеләр ҙә ишетте. Яугирҙәр исраилдарға ҡаршы сыҡты һәм Әфраим урманында һуғыш башланды. Исраилдар Дауыт яҡлыларҙан еңелде. Ул көндө алыш бик ҡаты булды – яу яланында егерме мең кеше ятып ҡалды. Алыш бөтә тирә-яҡҡа йәйелде һәм ул көндә халыҡ ҡылыстан үлгәнгә ҡарағанда, күберәк урман шырлығында һәләк булды. Бына бер ваҡыт Авшалом Дауыттың кешеләренә тап булды. Ул ҡасырға атланғайны. Ҡасыр ҙур бер имәндең ботаҡтары араһына инеп киткәс, Авшалом сәсе менән имән ботағына сырмалды ла һауала аҫылынып ҡалды, ә ҡасыры өркөп ҡасып китте. Быны бер яугир күреп ҡалды ла килеп Йоавҡа: – Мин Авшаломдың имәнгә эленеп торғанын күрҙем, – тип хәбәр итте. – Күргәс, ниңә уны үлтермәнең? Мин һиңә ун шекел көмөш менән билбау бирер инем, – тине Йоав был хәбәрҙе килтергән кешегә. – Һин хатта минең ҡулыма мең шекел һалһаң да батша улына ҡул күтәрмәҫ инем. Сөнки батшаның һиңә лә, Авишайға ла, Иттайға ла: «Минең хаҡыма Авшаломды һаҡлағыҙ», – тип бойорғанын беҙ ҙә ишеттек. Мин үҙемдең ғүмеремде ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып булһа ла быны эшләһәм, батша барыбер белер ине, ул саҡта инде һин үҙең дә мине яҡламаҫ инең, – тип яуап ҡайтарҙы теге. Йоав: – Һинең менән ваҡыт әрәм итеп торғансы, – тине лә, ҡулына ҡыҫҡа һаплы өс һөңгө алып, имәндә һаман тере көйөнсә аҫылынып торған Авшаломдың йөрәгенә ҡаҙаны. Шунан Йоавтың ун ҡорал йөрөтөүсеһе Авшаломды уратып алып үлтереп ҡуйҙы. Йоав, борғо ҡысҡыртып, исраилдарҙы эҙәрләгән һуғышсыларҙы туҡтатты. Авшаломдың мәйетен иһә урмандағы тәрән бер соҡорға ырғыттылар ҙа өҫтөнә бейек итеп таш өйөп ҡуйҙылар. Бөтә исраилдар өйҙәренә ҡасып ҡайтып китте. Авшалом тере сағында уҡ: «Был донъяла исемемде йәшәтерлек улым юҡ», – тип Батша үҙәнендә үҙенә һәйкәл ҡуйҙырып, уны үҙ исеме менән атаған була. Ул һәйкәл ошо көнгә тиклем «Авшалом һәйкәле» тип йөрөтөлә. Садоҡ улы Ахимағас Йоавҡа: – Йүгереп барып, батшаға: «Раббы һине Үҙ хөкөмө менән дошманыңдан ҡотҡарҙы», – тип хәбәр итәйем, – тине. – Юҡ, – тине Йоав, – бөгөн һин хәбәр алып бармайһың. Башҡа көндө барырһың, бөгөн түгел, сөнки батшаның улы үлде. Шунан Йоав үҙенең хеҙмәтсеһе булған Куш кешеһенә: – Бар, күргәндәреңде батшаға һөйлә, – тип бойорҙо. Куш кешеһе Йоавҡа баш эйҙе лә Дауытҡа йүгерҙе. Әммә Садоҡ улы Ахимағас һаман Йоавҡа: – Нимә булһа ла булыр, Куш кешеһе артынан мин дә йүгерәйем әле, – тип ныҡышты. – Юҡҡа ғына йөрөйһөң, улым, – тине уға Йоав, – хәбәрең өсөн барыбер һөйөнсө алмаҫһың. – Шулай ҙа барайым әле, – тине Ахимағас. – Бар, әйҙә, – тине Йоав ахырҙа. Ахимағас, үҙәндән тураға йүгереп, Куш кешеһен уҙып китте. Был ваҡытта Дауыт эске һәм тышҡы ҡапҡа араһында ултыра ине. Күҙәтсе диуар яғынан ҡапҡа башына менеп ҡарағайны, бер кешенең йүгереп килгәнен күреп ҡалды. Ул ҡысҡырып, был хаҡта батшаға әйтте. – Бер генә кеше икән, хәбәр менән килә булыр, – тине батша. Теге кеше яҡынайғандан яҡынайҙы. Күҙәтсе йүгереп килгән тағы бер кешене күреп ҡалды ла ҡапҡа ҡарауылсыһына: – Тағы берәү йүгереп килә, – тип ҡысҡырҙы. – Был да хәбәр менән килә, – тине батша. – Алдағыһының йүгереүе Садоҡ улы Ахимағастыҡына оҡшаған, – тине күҙәтсе. – Ул – яҡшы кеше, һәйбәт хәбәр менән киләлер, – тине батша. Ахимағас батшаға: – Бөтәһе лә яҡшы, – тип ҡысҡырҙы. Шунан батша алдында йөҙтүбән ергә ҡапланып: – Хакимым батшаға ҡаршы баш күтәргән кешеләрҙе ҡулыңа тапшырған Аллаң Раббы мөбәрәк булһын! – тине. – Теге егет – Авшалом иҫән-һаумы? – тип һораны батша. – Йоав батшаның бер ҡолон һәм мин ҡолоңдо бында ебәргәндә бик ныҡ ығы-зығы ине, артабан ни булғанын белмәйем, – тине Ахимағас. – Ситкәрәк китеп, анауында тороп тор әле, – тине уға батша. Ахимағас ситкәрәк барып баҫты. Бына Куш кешеһе лә килеп етте. – Хакимым батшаға яҡшы хәбәр! Раббының ғәҙел хөкөмө бөгөн һине үҙеңә ҡаршы сыҡҡандарҙан ҡотҡарҙы, – тине ул. Батша Куш кешеһенән: – Авшалом иҫән-аманмы? – тип һораны. – Хакимым батшаның дошмандарының, яуыз ниәт менән һиңә ҡаршы баш күтәргәндәрҙең яҙмышы ул егеттеке һымаҡ булһын! – тип яуапланы Куш кешеһе. Батша был хәбәрҙән ҡойолоп төштө лә илап ебәрҙе һәм бер туҡтауһыҙ: – Улыҡайым Авшалом! Улыҡайым минең Авшалом! Һин үлгәнсе үҙем генә үлһәмсе, улыҡайым! – тип һамаҡлай-һамаҡлай ҡапҡа башындағы бүлмәгә йүнәлде. Йоавҡа: «Батша Авшалом өсөн ҡайғырып йәш түгә», – тип хәбәр иттеләр. Еңеү шатлығы ул көндә бөтә яугирҙәр өсөн хәсрәт көнөнә әүерелде, сөнки батшаның улы өсөн ҡайғырғанын ишеттеләр. Һуғышсылар ҡалаға, һуғыш барғанда яу яланын ташлап ҡасҡан өсөн оялған кеше һымаҡ, шым ғына килеп инделәр. Ә батша йөҙөн ҡаплап: – Авшалом, улыҡайым минең! Авшалом, улыҡайым-балаҡайым минең! – тип һамаҡланы. Йоав батшаның өйөнә килде лә Дауытҡа: – Бөгөн һинең ғүмереңде, улдарың менән ҡыҙҙарыңдың ғүмерен, ҡатындарың, йәриәләрең ғүмерен һаҡлап һуғышҡан яугирҙәреңде мыҫҡыл иттең һин, – тине. – Үҙеңде күрә алмағандарҙы яратаһың, үҙеңде яратҡандарҙы күрә алмайһың. Бөгөн һин түрәләреңдең дә, хеҙмәтселәреңдең дә һинең өсөн бер ни тормағанлығын күрһәттең. Мин бөгөн шуны белдем: әгәр ҙә Авшалом тере ҡалып, беҙ бөтәбеҙ ҙә үлһәк, һиңә яҡшыраҡ булыр ине. Инде хәҙер тор ҙа яугирҙәрең алдына сыҡ, кешеләрҙең күңелдәрен күтәр. Раббы менән ант итәм, әгәр сыҡмаһаң, был төндә һинең менән бер кем дә ҡалмаясаҡ. Был һинең өсөн бала саҡтан алып ошо көнгә тиклем күргән бәләләреңдең иң ҙуры буласаҡ. Батша торҙо ла ҡала ҡапҡаһы янына сығып ултырҙы. Яугирҙәргә был хаҡта хәбәр иттеләр һәм барыһы ла батша эргәһенә килде. Ә Авшалом менән булған исраилдар үҙ өйҙәренә таралышҡайны. Исраилдың бөтә булған ырыуҙары халҡы үҙ-ара бәхәсләшеп, һөйләшеп: – Батша беҙҙе дошмандарыбыҙ ҡулынан ҡотҡарҙы, пелештиҙәрҙән азат итте, ә хәҙер үҙе Авшалом арҡаһында ҡасып китте. Беҙгә хаким итеп мәсехләнгән Авшалом һуғышта үлеп ҡалды. Шулай булғас, нимә көтөргә? Батшаны кире ҡайтарырға кәрәк, – тинеләр. Дауыт батша, кешеләр ебәреп, Садоҡ менән Әвйәҫәр ҡаһиндарға әйтергә ҡушты: – Йәһүҙә аҡһаҡалдарына шуны әйтегеҙ: «Бөтөн Исраилдың батшаны кире ҡайтарыу тураһындағы һүҙҙәре батшаның ҡолағына килеп еткәндә, ниңә әле һеҙ батшаны үҙ йортона ҡайтарырға ашыҡмайһығыҙ? Һеҙ – минең туғандарым, тәнем дә, йәнем дә – һеҙ. Ә ниңә һеҙ батшаны кире ҡайтарайыҡ тигән һүҙгә иң һуңғылар булып ҡушылырға тейешһегеҙ?» Ғамасаға иһә әйтегеҙ: «Һин минең йәнем менән тәнем түгелме ни? Әгәр ҙә мәгәр һине Йоав урынына ғәскәр башлығы итеп ҡуймаһам, миңә Алланың ҡаты ҡәһәре төшһөн». Дауыттың һүҙҙәре йәһүҙиҙәрҙең күңелен йомшартты. Улар барыһы бер булып батшаға кеше ебәрҙеләр һәм: «Эй батша, бөтә хеҙмәтселәрең менән кире ҡайт», – тинеләр. Батша, ҡайтыр юлға сығып, Иордан йылғаһына килеп етте. Батшаны ҡаршыларға, уны Иордан йылғаһы аша сығарырға тип, йәһүҙиҙәрҙең барыһы ла Гилгалға килде. Бахуримдан Бинйәмин ырыуынан булған Гера улы Шимғи ҙә Йәһүҙә кешеләре менән бергә Дауыт батшаны ҡаршыларға ашыҡты. Уның янында Бинйәминдән мең кеше һәм Шаул йортоноң хеҙмәтсеһе Сива менән уның ун биш улы, егерме хеҙмәтсеһе бар ине. Улар бөтәһе лә Иорданға батшаны ҡаршыларға йүгерҙе. Батшаның ғаиләһен был яҡ ярға алып сығыр, уның күңелен күрер өсөн йылға аша сыҡтылар. Батша Иордан аша сығырға йыйынып торғанда, Гера улы Шимғи уның алдына килеп ергә йығылды ла: – Хакимым батша, Йәрүсәлимдән сығып киткән сағыңда һиңә ҡарата ҡылған яман ҡылығымды ғәфү итһәң һәм иҫеңдә тотмаһаң ине. Ҡолоң үҙенең гонаһ эшләгәнен белә һәм бына бөгөн, хакимым батшаны ҡаршылар өсөн, мин Йософ ырыуынан беренсе булып килдем, – тине. Әммә Серуяһ улы Авишай: – Раббы мәсехләгән кешене мыҫҡыллаған Шимғи үлергә тейеш түгелме ни? – тип ҡаршы төштө. – Һеҙгә минән ни кәрәк, Серуяһ улдары? Ниңә миңә хөсөтлөк ҡылаһығыҙ? Бөгөн, үҙемдең Исраил батшаһы булғанымды белгән көндө, Исраилда кемдең дә булһа йәне ҡыйылырға тейешме ни? – тине Дауыт. Шунан Шимғигә: – Һин үлмәйһең, – тип ант итте. Шаулдың ейәне Мефи-Бошеҫ та батшаны ҡаршыларға килде. Ул батша ҡаланан сығып киткәндән алып иҫән-аман кире әйләнеп ҡайтҡанға тиклем аяғын йыумай, һаҡалын киҫмәй, кейемен дә йыумағайны. Ул батшаны ҡаршы алырға тип Йәрүсәлимдән килгәс, Дауыт: – Мефи-Бошеҫ, ниңә һин минең менән китмәнең? – тип һораны. Ул иһә былай тип яуап бирҙе: – Хакимым батша, хеҙмәтсем алданы мине. Мин ҡолоң аҡһаҡ булғас, ишәгемде эйәрләп алайым да шуға ултырып, батшам менән китәйем, тип тора инем. Ә ул мин ҡолоңа һинең алда яла яҡты. Хакимым батша, һин Алланың фәрештәһе кеүекһең; инде ни теләһәң, шуны эшлә. Нәҫел-ырыуым хакимым батша алдында үлемдән башҡаға лайыҡ булмағанда ла, һин мин ҡолоңдо үҙең менән бер өҫтәл артында ашап-эсеп йөрөгәндәр араһына ултырттың. Шулай булғас, батшаға үпкәләргә ни хаҡым бар минең? – тине. Батша иһә: – Ниңә һөйләп тораһың быларҙы? Сива менән икәүләп баҫыуҙарҙы үҙ-ара бүлешеп алығыҙ, тип бойорам, – тине. – Хакимым батша үҙ өйөнә иҫән-аман әйләнеп ҡайтҡан икән – Сива бөтә ерҙәрҙе алһа ла, үкенесем юҡ, – тип яуап бирҙе Мефи-Бошеҫ. Батшаны Иордан аша алып сығып, ҡайтыр юлға оҙатыр өсөн Рогелимдан Ғилғәд кешеһе Барзиллай ҙа килде. Барзиллай һикһәнен тултырған бик өлкән кеше ине. Батша Маханаимда саҡта Барзиллай уны аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеп торғайны, сөнки ул бик бай ине. Батша Барзиллайға: – Әйҙә минең менән Йәрүсәлимгә, инде унда һинең турала мин хәстәрлек күрермен, – тине. Әммә Барзиллай батшаға: – Ғүмеремдең көндәре һәм йылдары ахырына табан бара түгелме ни? Нимәгә миңә батша менән Йәрүсәлимгә барырға? – тине. – Миңә хәҙер һикһән йәш, яҡшыны ямандан айырырлыҡ та түгелмен. Ашаған-эскәнемдең тәмен тоймағас, йырсыларҙың тауышын ишетмәгәс, мин ҡолоң хакимым батшаға йөк булып нишләп йөрөйөм инде? Мин ҡолоң бары тик батша менән Иорданды кисеп, бер аҙ оҙатып ҡалырға ғына теләй. Ниңә батша миңә шул тиклем игелек эшләргә тейеш? Ҡуй, мин ҡолоң ҡайтып, үҙ ҡаламда йән биреп, ата-әсәмдең төрбәһендә дәфен ҡылынайым. Ә бына ҡолоң Кимһам хакимым батша менән китһен, уның менән ни эшләһәң дә, һинең хөкөмөңдә. – Кимһам минең менән барыр, – тине батша. – Мин уның өсөн һин ни теләһәң, шуны эшләрмен. Шулай уҡ һинең өсөн дә мин йәнең теләгәндең барыһын да эшләрмен. Барса халыҡ, улар менән бергә батша ла, Иордан аша сыҡты. Батша, Барзиллайҙы үбеп, фатихаһын бирҙе лә, Барзиллай өйөнә ҡайтып китте. Батша Гилгалға юл алды, уның менән Кимһам да китте. Йәһүҙәнең барлыҡ халҡы һәм Исраилдың яртыһы батшаны оҙатып ҡалды. Бына бер ваҡыт исраилдар килделәр ҙә батшаға: – Ниңә беҙҙең ағай-энеләр, Йәһүҙәнең ир-уҙамандары, һине бөтә ғаиләң, хеҙмәтселәрең менән бергә урлап тигәндәй алып китеп, Иордан аша алып сыҡтылар әле? – тинеләр. Йәһүҙәнең ир-уҙамандары исраилдарға: – Сөнки батша – беҙҙең яҡын туғаныбыҙ. Ниңә асыуығыҙ ҡабара? Әллә беҙ батшаныҡын ашап-эстекме? Әллә батша беҙгә берәй бүләк бирҙеме? – тип яуап ҡайтарҙылар. Исраилдар йәһүҙиҙәргә: – Батшала беҙ ун өлөш, – тип яуапланы. – Тимәк, беҙҙең Дауытҡа хоҡуғыбыҙ ҙа күберәк. Шулай булғас, ниңә һеҙ беҙҙе һанға һуҡмайһығыҙ? Батшаны кире ҡайтарыу тураһында ла иң тәүҙә беҙ әйтмәнекме ни? Әммә йәһүҙиҙәрҙең һүҙҙәре исраилдарҙыҡына ҡарағанда үтемлерәк булды. Шунда осраҡлы рәүештә бер йүнһеҙ әҙәм – Бинйәмин ырыуынан Бихри улы Шевағ килеп эләккән була. Шул кеше, борғо ҡысҡыртып, халыҡты йыйҙы ла: – Дауытта беҙҙең өсөн өлөш юҡ, Ишай улында биләмә юҡ беҙгә. Эй исраилдар, һәр кем үҙ өйөнә ҡайтһын әйҙә, – тип ҡысҡырҙы. Бөтә исраилдар, Дауытты ташлап, Бихри улы Шевағ артынан эйәрҙе лә китте. Йәһүҙиҙәр иһә, батшаларына тоғро ҡалып, Иордандан алып Йәрүсәлимгә тиклем уны оҙатып барҙы. Дауыт Йәрүсәлимдәге өйөнә ҡайтты. Батша, өй ҡарарға тип ҡалдырған ун йәриәһен айырым өйгә сығарып, һаҡсылар ҡуйҙы. Дауыт уларҙы ашатып-эсерҙе, тик үҙе бер ваҡытта ла яндарына барманы. Улар, тол ҡатындар һымаҡ, үлгәнсе шунда йәшәнеләр. Дауыт Ғамасаға: – Өс көн эсендә Йәһүҙәнең бөтә ирҙәрен минең янға саҡыр, үҙең дә кил, – тине. Ғамаса йәһүҙиҙәрҙе саҡырырға китте, ләкин билдәләнгән ваҡытҡа өлгөрмәне. Дауыт Авишайға: – Инде Бихри улы Шевағтың беҙгә Авшаломға ҡарағанда ла күберәк зыян килтереүе бар. Минең кешеләремде ал да уны эҙәрләргә сыҡ. Юғиһә уның, берәй нығытылған ҡалаға барып, күҙебеҙҙән юғалыуы бар, – тине. Йоавтың кешеләре – батшаның йәнһаҡсылары керетиҙәр менән пелеҫиҙәр, бөтә ҡыйыу һуғышсылар Йәрүсәлимдән сығып, Бихри улы Шевағты эҙәрлекләй китте. Ғивғондағы ҙур ташҡа барып еткәс, уларға Ғамаса осраны. Йоав һуғыш кейемендә ине һәм биленә ҡылыс таҡҡайны. Алға атлаған сағында, ҡылысы ҡынынан һурылып сыҡты. – Һаумы, ҡустым? – тип иҫәнләште Йоав Ғамаса менән. Шунан Йоав, үбергә теләгән кеше булып, уң ҡулы менән Ғамасаның һаҡалынан тотто. Ғамаса уның ҡулындағы ҡылысынан һаҡланырға уйламаны, Йоав уның ҡорһағын ярып ебәрҙе. Ғамасаның эсәк-бауыры килеп сыҡты, икенсе тапҡыр ҡаҙарға ла тура килмәне. Ғамаса йән биргәйне инде. Йоав ҡустыһы Авишай менән Бихри улы Шевағты ҡыуа китте. Йоавтың бер йәш яугире Ғамасаның үле кәүҙәһе янында туҡталып: – Кем дә кем Йоавҡа тоғро, кем Дауыт яҡлы, шулар Йоавҡа эйәрһен! – тип ҡысҡырҙы. Ғамаса иһә юл уртаһында ҡан эсендә ята ине. Теге йәш яугир үтеп барған һәр кешенең уның янында туҡталғанын күреп, Ғамасаның кәүҙәһен юлдан ситкә сығарып һалды ла өҫтөнә кейем ырғытты. Мәйет юлдан алып ташланғас, бөтә һуғышсылар Йоавҡа эйәреп, Бихри улы Шевағты эҙәрләп китте. Шевағ, Исраилдың бөтә ырыуҙары йәшәгән ерҙәрҙе үтеп, Авел-Бейт-Мағахаға барып етте. Уға Бихри нәҫеле ҡушылды һәм уның менән бергә ҡалаға инде. Йоав, үҙенең кешеләре менән Авел-Бейт-Мағахаға килеп етеп, ҡаланы ҡамауға алды һәм ҡала диуары тирәләй уба күтәрҙе. Йоав яугирҙәре диуарҙы емерергә тырышҡанда, бер аҡыллы ҡатын ҡала диуарынан: – Тыңлағыҙ әле, тыңлағыҙ! Йоавты бында саҡырығыҙ, минең уға әйтәһе һүҙем бар! – тип ҡысҡырҙы. Йоав яҡынлашҡас, ҡатын: – Йоав һин булаһыңмы? – тип һораны. – Мин булам, – тип яуап бирҙе ул. – Мин ҡолоңдо тыңла әле, – тине ҡатын. – Тыңлайым, – тине Йоав. – Борон замандарҙа: «Кәңәш кәрәк булһа, Авелдан һора», тигәндәр. Эште ана шулай хәл иткәндәр. Беҙҙең ҡала Исраилдың тыныс, тоғро ҡалаларының береһе, һин Исраил ҡалаларының әсәһе һаналған ошо ҡаланы юҡ итергә уйлайһыңмы? Ни өсөн Раббының биләмәһен емерергә теләйһең? – тип һораны ҡатын. – Уйымда ла юҡ! Берәй нәмәне юҡ итһәм, емерһәм, мине ҡәһәр һуҡһын! – тип яуап бирҙе Йоав. – Эш улай тормай. Әфраим тауҙары яғынан Бихри улы Шевағ тигән бер әҙәм Дауыт батшаға ҡаршы баш күтәрҙе. Миңә ул ғына кәрәк. Уны тотоп бирһәгеҙ, мин ҡалағыҙҙы тыныслыҡта ҡалдырам. – Уның башы ошо диуарҙан ырғытылыр, – тине ҡатын Йоавҡа. Шунан ҡатын, ҡала халҡына мөрәжәғәт итеп, үҙенең аҡыллы кәңәшен бирҙе. Бихри улы Шевағтың башын киҫеп, Йоавҡа ырғыттылар. Шунан һуң Йоав мөгөҙ ҡысҡыртты ла һуғышсылар ҡаланы ташлап, өйҙәренә таралышты. Йоав иһә Йәрүсәлимгә батша янына ҡайтты. Йоав бөтә Исраил ғәскәренең башлығы ине. Йеһоядағ улы Бенаяһ керетиҙәр менән пелеҫиҙәргә етәкселек итте. Адорам – мәжбүри эшләүселәр өҫтөнән күҙәтсе, Ахилуд улы Йеһошафат – йылъяҙмасы, Шеуа – кәтип, Садоҡ менән Әвйәҫәр ҡаһиндар, Яирҙан Ғира иһә Дауыттың ҡаһины ине. Дауыт батшалыҡ иткән дәүерҙә өс йыл рәттән аслыҡ булды. Дауыт Раббынан һораны һәм Раббы: – Быларҙың барыһына ла Шаул һәм уның ҡан көҫәүсе нәҫел-ырыуы ғәйепле, сөнки Шаул Ғивғон халҡын ҡырғайны, – тип яуап ҡайтарҙы. Ахырҙа батша, Ғивғон кешеләрен саҡырып алып, улар менән һөйләште. Ғивғон кешеләре Исраил ырыуҙарынан түгел ине, әмөриҙәрҙән ҡалғайны улар. Исраилдар уларға зыян килтермәҫкә ант иткәйне. Әммә Шаул, Исраил менән Йәһүҙәнең мәнфәғәтен ҡайғыртып, уларҙы ҡырып бөтөрөргә тырышҡайны. Дауыт Ғивғон кешеләренән: – Һеҙгә мин нимә эшләй алам? Исраилдың гонаһын юйыр өсөн һәм һеҙҙең Раббы халҡына фатихалы булыуығыҙ өсөн ни ҡылырға миңә? – тип һораны. Улар батшаға: – Шаулдың нәҫел-нәсәбенән алтын да, көмөш тә кәрәкмәй беҙгә, бының өсөн Исраилда кемделер үлтереү ҙә кәрәк түгел, – тип яуап бирҙеләр. – Нимә теләйһегеҙ һуң? Һеҙҙең өсөн бөтәһен дә эшләйем, – тине уларға батша. Шунан улар Дауытҡа: – Шаул беҙҙе, Исраил илендә йәшәмәһендәр тип, ҡырып ташлауҙы һәм юҡ итеүҙе маҡсат итеп ҡуйғайны, – тине. – Шуның өсөн уның нәҫел-ырыуынан ете кешене бирегеҙ. Беҙ уларҙы Раббы хозурында, Шаул Гивғаһында, Раббы тауында язаларбыҙ. – Бирермен, – тине батша. Әммә батша Шаулдың ейәне, Йонаҫандың улы Мефи-Бошеҫты аяны, сөнки Шаул улы Йонаҫан менән Дауыт Раббы алдында бер-береһенә ант иткәйне. Батша Шаулдың Армони һәм Мефи-Бошеҫ исемле улдарын алды. Улар Айяһ ҡыҙы Риспанан тыуған балалар ине. Дауыт тағы Шаулдың ҡыҙы Меравтың биш улын алды. Мерав уларҙы Мехола ҡалаһы кешеһе Барзиллай улы Ғадриилдән тапҡайны. Батша уларҙы ғивғондар ҡулына тапшырҙы. Уларҙы Раббы хозурында тау башында язаланылар. Етеһе бергә йән бирҙе. Улар үлтерелгәндә ураҡ башланған, арпа урағының тәүге көндәре ине. Айяһ ҡыҙы Риспа ҡыл туҡыма алды ла уны шул тау өҫтөндә түшәне. Ураҡҡа төшкәндән алып, күктән ямғырҙар ҡоя башлағансы, ул ошонда ҡалды. Көндөҙ мәйеттәрҙе ҡоштарҙан, ә төндә ҡыр йәнлектәренән һаҡланы. Шаулдың йәриәһе Айяһ ҡыҙы Риспаның нимә эшләгәнен Дауытҡа һөйләнеләр. Шунан һуң Дауыт Ғилғәд Явешында йәшәүселәрҙән Шаул менән Йонаҫандың һөйәктәрен барып алып ҡайтты. Эш шунда: Шаулды Гилбоағ тауында үлтергәндән һуң, пелештиҙәр уның һәм улының мәйетен Бейт-Шеан майҙанында аҫып ҡуйған була. Ғилғәд Явешы кешеләре уларҙы шунан йәшерен рәүештә алып ҡайта. Шулай итеп, Дауыт Шаул менән улы Йонаҫандың һөйәктәрен алып ҡайтты; теге язаланған кешеләрҙең һөйәктәрен дә йыйып алдылар. Шаул менән улы Йонаҫандың һөйәктәрен Бинйәмин ерендәге Селағ тигән урында Шаулдың атаһы Ҡиштың төрбәһендә дәфен ҡылдылар. Батша нисек бойорһа, шулай эшләнеләр. Шунан һуң Алла, исраилдарҙың ялбарыуҙарын ҡабул ҡылып, илде ҡыҙғанды. Пелештиҙәр менән исраилдар араһында яңынан һуғыш башланды. Дауыт үҙенең кешеләрен алып пелештиҙәргә ҡаршы алышҡа сыҡты, әммә уның хәле бөтә башланы. Рефалар нәҫеленән Йишби-Бенов тигән бер кеше – уның һөңгөһөнөң баҡыры ғына ла өс йөҙ шекел ауырлығында ине, билендәге ҡылысы ла яңы – Дауытҡа сәнсмәк булды. Әммә Серуяһ улы Авишай ярҙамға килеп, Дауытты ҡотҡарып ҡалды, пелешти кешеһен үлтерә сәнсте. Шунда Дауыттың кешеләре: – Исраилдың шәме һүнмәһен өсөн, башҡаса һин беҙҙең менән яуға йөрөмәйәсәкһең, – тип ант итте. Бынан һуң Говта пелештиҙәр менән тағы һуғыш булды. Унда Хушанан Сиббехай рефалар тоҡомонан булған Сафты үлтерҙе. Һуңынаныраҡ Говта пелештиҙәр менән тағы бер һуғыш булды. Был алышта Бейт-Ләхәмдән Яғре-Оргимдың улы Әлханан Ғаҫ кешеһе Голиаҫты үлтерҙе. Голиаҫтың һөңгө һабы туҡыу ыҫтаны таяғы оҙонлоҡ ине. Һуңғараҡ йәнә бер һуғыш Ғаҫта булды. Унда бер һонтор кәүҙәле кешенең ике ҡулы ла, аяҡтары ла алтышар бармаҡлы булып, бармаҡтары йәмғеһе егерме дүрт ине. Ул да рефалар тоҡомонан. Шул әҙәм исраилдарҙы хурларға тотонғас, уны Йонаҫан үлтерҙе. Йонаҫан Дауыттың ағаһы Шимғиҙең улы ине. Ошо дүртәүҙең барыһы ла Ғаҫта йәшәгән рефалар тоҡомонан ине, улар Дауыт менән уның кешеләре тарафынан үлтерелде. Раббы Дауытты бөтә дошмандарынан һәм Шаулдың ҡулынан ҡотҡарған көндө, Дауыт Раббыға бағышлап йыр башҡарҙы. Ул былай тине: «Раббы – ҡаям минең, ҡәлғәм, йолоп алыусым. Аллам – ҡаям һәм мин Унда ышыҡ табам; Ул – ҡалҡаным, ҡотҡарыусы ҡөҙрәтем, Ҡурсалаусым, һыйынысым, Һин мине залимдарҙың ҡулынан йолоп алдың! Маҡтауға лайыҡ Раббымды саҡырырмын, Дошмандарымдан мин ҡотолормон. Ҡамап алды мине үлем тулҡындары, Һәләкәт ташҡыны баштан ашты, Үлеләр донъяһының сынйырҙары сырманы мине, Алда ҡоролған әжәлдең тоҙаҡтары. Раббыға хәсрәт уртаһынан ялбарҙым, Алламдан ярҙам һораным. Ҡорамынан ауазыма ҡолаҡ һалды, Барып етте Уға зарым. Раббының асыуы ялҡынланды: Шул саҡ ер йөҙө сайҡалды ла тетрәне, Күктәрҙең нигеҙҙәре һелкенде. Танау тишектәренән төтөн урғылды, Ауыҙынан ялмаусы ялҡын бөркөлдө, Әйләнәһендә осҡон сәсрәне. Аушайтты ла күк ҡабағын, килеп төштө, Аяҡ аҫты тома ҡараңғылыҡ ине. Раббы бер кирубҡа менеп осто, Елдең ҡанаттары өҫтөндә күренде. Ҡараңғылыҡҡа сорналып, Ямғыр болоттарынан Үҙенә сатыр ҡорҙо. Хозурындағы балҡыштан Баҙлап утлы ҡуҙҙар яуҙы. Күктәрҙән күкрәне Раббы, Юғарыларҙан Юғары ауаз һалды, Уҡ атып, дошмандарын туҙҙырҙы, Йәшен йәшнәтеп, уларҙы тар-мар итте. Раббының дәһшәтле ауазынан, Танауы бөркөгән һулышынан Диңгеҙ тәрәнлектәре күренде, Донъяның нигеҙҙәре асылды. Раббы юғарынан ҡул һондо ла мине тотто; Тәрән һыуҙарҙан күтәреп алды. Ҡеүәтле дошмандан азат итте, Минән күпкә көслө булһалар ҙа, Күрә алмаусыларҙан ҡотҡарҙы. Бәлә көнөмдә улар ҡаршыма төшкәйне, Әммә Раббы миңә терәк булды. Ул мине иркенлеккә сығарҙы, Күңеленә хуш килгәнемә күрә ҡотҡарҙы. Тәҡүәлегемә күрә әжерен бирә Раббы, Ғәмәлдәремдең сафлығына күрә бүләкләй. Сөнки мин Раббының юлын тотам, Алламдан йөҙ бороп, яманлыҡ ҡылмам. Уның ҡарарҙарын күҙҙә тотам, Ҡанун-ҡағиҙәләренән тайпылманым. Ҡаршыһында керһеҙ баҫып торам, Гонаһ ҡылыуҙан һаҡландым. Раббы минең тәҡүәлегемдең әжерен бирҙе, Хозурында пак булғанымдың хаҡын ҡайтарҙы. Тоғроларға Һин тоғролоҡ күрһәтәһең, Камилдар менән камилһың. Ғәмәлдәрең пак Һинең пактарға. Мәкерлеләр менән хәйләкәрһең. Иҙелгән бәндәләреңде ҡотҡараһың, Ҡарашың менән тәкәбберҙең башын эйҙерәһең. Йә Раббым, Һин минең шәмсырағым. Раббы минең ҡараңғылығымды яҡтырта. Һинең менән мин ғәскәргә ҡаршы барам, Аллам менән диуарҙарҙы ашам. Алланың юлы камил. Раббының һүҙе иретеп таҙартылғандай саф. Ул – Үҙенә һыйынғандар өсөн ҡалҡан. Раббынан башҡа тағы ла алла бармы? Аллабыҙҙан башҡа бармы һыйыныр ҡаябыҙ? Алла минең ныҡлы ҡәлғәм, Ул минең өсөн камил юл аса. Аяҡтарымды боландыҡылай етеҙ итә. Түбәләрҙә мине тотороҡло итә. Ҡулымды һуғыш һөнәренә өйрәтә – Беләгем баҡыр йәйәне бөгә ала. Ҡотҡарыусы ҡалҡан бирҙең миңә, Ярҙамың мине мәртәбәле итә. Һин аҙымдарымды киңәйтәһең, Шуға күрә хәлһеҙләнмәҫ аяҡтарым. Дошмандарымды эҙәрләп ҡырҙым. Тар-мар итмәйенсә боролманым. Уларҙы иҙә туҡманым, бүтән ҡалҡа алманылар, Табан аҫтында аунап ҡалдылар. Алыш өсөн ҡеүәт менән билем быуҙың, Ҡаршы баш ҡалҡытҡандарҙы аяҡ аҫтыма бырғаның. Дошмандарҙы арҡалары менән борҙоң, Миңә үс тотоусыларҙы тар-мар иттем. Инәлделәр, әммә ҡотҡарыусы табылманы; Раббыны саҡырҙылар, Ул яуап ҡайтарманы. Ерҙәге саң-туҙан һымаҡ уларҙы борҡоттом, Урам бысрағы ише иҙгеләп тапаланым. Һин мине халҡымдың фетнәләренән ҡотҡарҙың, Ҡәүемдәргә башлыҡ итеп һаҡланың, Үҙем белмәгән халыҡтар миңә хеҙмәт итә. Яттар алдымда яҡшатланалар, Тауышымды ишетеү менән буйһоналар. Йөрәктәре тетрәп, ҡалтырашып, Ҡәлғәләренән сығалар. Раббы тере! Һыйынған Ҡаям мөбәрәк булһын! Ҡотҡарыусы ҡаям – Аллам Күктәргә күтәрелеп ҙурланһын! Минең өсөн үс алыусы Аллам, Халыҡтарҙы миңә буйһондорған, Мине дошмандарымдан ҡотҡарған. Һөжүм итеүселәрҙән өҫтөн сығарған, Залим әҙәмдең ҡулынан йолоп алған. Шуға ят ҡәүемдәр араһында Һине данлармын, йә Раббым, Исемеңә мәҙхиә йырлармын. Үҙе ҡуйған батшаға Ул бөйөк еңеүҙәр бирә, Үҙенең мәсихе – Дауытҡа һәм тоҡомона Мәңгелек тоғро мөхәббәтен күрһәтә». Бына Дауыттың һуңғы һүҙҙәре: «Алла юғары күтәргән, Яҡуптың Аллаһы мәсехләгән заттың – Исраилдың һөйөклө йырсыһы Дауыт Ишай улының һуңғы һүҙҙәре ошо: Раббы Рухы минең аша һөйләй, Телемдең осонда – Уның һүҙе. Исраил Аллаһы әйтте миңә, Исраилдың Ҡаяһы былай тине: „Кешеләргә ғәҙеллек менән, Алланан ҡурҡып хакимлыҡ иткән шәхес Таңғы шәфәҡҡә, аяҙ иртәлә ҡалҡҡан ҡояшҡа, Ямғырҙан һуң күтәрелгән үлән емелдәүенә тиң“. Алла ҡаршыһында минең йорт-ғаиләм дә шулай түгелме? Ул минең менән мәңгелек килешеү төҙөнө, Был килешеү ҡаҡшамаҫ һәм ышаныслы. Ул мине һәр саҡ ҡотҡара, теләгәнемде бирә. Ә яуыздар сәнскеле үләнгә оҡшар, Уларҙы хатта ҡулға ала алмаҫтар, Бары тик сығарып ырғытырҙар. Әгәр уға ҡағылыр булһалар, Ҡулдарына йә тимер нәмә, йә һөңгө һабы алырҙар. Шул ерҙә үк утта яндырырҙар». Бына Дауыттың ҡаһарман яугирҙәренең исемдәре: Тахкемондан Йошев-Башшәвәҫ өс баһадирҙан торған төркөмдөң башлығы ине. Ул, һөңгөһөн һигеҙ йөҙ кешегә ҡаршы күтәреп, бөтәһен бер юлы ҡырып һалды. Унан һуң Ахоах нәҫеленән Әлғазар Додо улы – Дауыттың өс батыр яугиренең береһе. Һуғышырға әҙерләнгән пелештиҙәрҙе мәсхәрәләп көлгәндә, ул Дауыт менән бергә ине. Исраилдар алыш майҙанынан кире сигенгәндә лә Әлғазар ныҡ торҙо; ҡулы хәлһеҙләнеп, усы ҡылысына йәбешкәнсе пелештиҙәрҙе ҡырҙы. Раббы ул көндә исраилдарға оло еңеү насип итте. Кире боролоп килгән ғәскәр Әлғазар артынан мәйеттәрҙең әйберен йыйып ҡына йөрөнө. Унан һуң – Һарарҙан Аге исемле кешенең улы Шамма. Пелештиҙәр һуғышыр өсөн Лехиҙә, унда булған яҫмыҡ баҫыуында, йыйылды. Шунда исраилдар уларҙан ҡаса башланы. Шул саҡ Шамма баҫыу уртаһында тороп алды ла ошо ерҙе һаҡлап ҡалды һәм пелештиҙәрҙе тар-мар итте – Раббы исраилдарҙы оло еңеүгә өлгәштерҙе. Бер заман ураҡ ваҡытында утыҙ башлыҡ араһынан ошо өс ҡаһарман Ғадуллам мәмерйәһенә Дауыт янына килде. Был мәлдә пелештиҙәр Рефалар үҙәнендә туплам ҡорғайны. Дауыт – нығытма эсендә, ә пелешти ғәскәренең алдынғы төркөмө Бейт-Ләхәмдә ине. Шунда Дауыт бик ныҡ сарсап: – Берәйһе миңә Бейт-Ләхәм ҡапҡаһы янындағы ҡоҙоҡтан һыу алып килһә ине! – тине. Шунан һуң ошо өс батыр, пелештиҙәр тупламы аша һуғышып үтеп, Бейт-Ләхәм ҡапҡаһы янындағы ҡоҙоҡтан Дауытҡа һыу алып килде. Әммә Дауыт ул һыуҙы эсергә теләмәне, Раббы ризалығына тип ергә түкте. Ул шунда былай тине: – Раббы һаҡлаһын был һыуҙы эсеүҙән! Ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып йөрөгән кешеләрҙең ҡаны бит был! Эсмәне Дауыт был һыуҙы. Бына ниндәй ҡаһарманлыҡтар күрһәтте ул өс батыр! Йоавтың туғаны Серуяһ улы Авишай утыҙ ҡаһармандың башлығы ине. Бер ваҡыт ул, һөңгөһөн күтәреп, өс йөҙ кешене үлтерҙе лә теге өс батыр кеүек дан ҡаҙанды. Ул утыҙ батыр араһында иң арҙаҡлыһы ине, уларҙың башлығы булды, әммә теге өсәү иҫәбенә инмәне. Ҡавсеилдан Йеһоядағ улы Бенаяһ хәтәр эштәр башҡарған ғәййәр батыр ине. Ул арыҫлан йөрәкле ике Моав егетенең йәнен ҡыйҙы. Ҡарлы көндә һыу йыя торған соҡорға төшөп, бер арыҫлан үлтерҙе. Мысырҙың бер бәһлеүән кешеһен дә үлтерҙе ул. Мысырлының ҡулында һөңгө ине, ә Бенаяһ уға ҡаршы таяҡ менән китте. Мысыр кешеһенең ҡулынан һөңгөһөн тартып алып, үҙ ҡоралы менән уның йәнен ҡыйҙы. Бына ниндәй батырлыҡтар күрһәтте Йеһоядағ улы Бенаяһ. Ул теге өс батыр кеүек маҡтаулы булды. Ул утыҙ ҡаһарман араһында айырылып торһа ла, теге өсәү иҫәбенә инмәй ине. Дауыт Бенаяһты йәнһаҡсыларының башлығы итеп тәғәйенләне. Иң батыр утыҙ яугир иҫәбенә түбәндәгеләр инә: Йоавтың туғаны Ғасаһил; Бейт-Ләхәмдән Додоның улы Әлханан; Хародтан Шамма менән Әлиҡа; Пелеттән Хәләс; Теҡоғанан Ғиҡҡыштың улы Ғира; Ғанаҫоҫтан Авиғәзәр; Хушанан Мебуннай; Ахоахтан Салмон; Нетофанан Маһрай; Нетофанан Бағананың улы Хелев; Бинйәмин ырыуының Гивға ҡалаһынан Ривай улы Иттай; Пирғаҫондан Бенаяһ; Гағаш үҙәненән Һиддай; Ғарванан Ави-Ғалвон; Бархумдан Ғазмауыҫ; Шағалбондан Әлъяхба; Яшен улдары; Йонаҫан; Һарарҙан Шамма; Һарарҙан Шарар улы Ахиам; Мағаханан Ахасбай улы Әлифәләт; Гилонан Ахиҫофел улы Әлиғам; Кармәлдән Хесро; Арабтан Пағарай; Сованан Йигал Наҫан улы; Ғадтан Бани; Ғаммондан Селек; Беероҫтан Нахрай, ул Серуяһ улы Йоавтың ҡорал йөрөтөүсеһе; Йетерҙән Ғира менән Гарев; хитти Урияһ – йәмғеһе утыҙ ете кеше. Раббының исраилдарға ҡаршы тағы асыуы ялҡынланды һәм Ул, Дауытты уларға ҡаршы ҡотортоп: – Барып, Исраил менән Йәһүҙә халҡының иҫәбен ал, – тине. Батша үҙенең ғәскәр башлығы Йоавҡа: – Исраилдың барлыҡ ырыуҙарын – Дандан алып Беер-Шәвәғкә тиклем йөрөп, халыҡтың иҫәбен алығыҙ, мин ҡайҙа күпме кеше барлығын беләйем, – тип бойорҙо. Әммә Йоав батшаға: – Аллаң Раббы халыҡтың хәҙерге һанын йөҙ тапҡырға арттырһын, хакимым батшаға шуны күрергә яҙһын! Тик хакимым батшаға был эш ниңә кәрәк? – тип яуапланы. Ләкин батша һүҙе Йоав һәм уның ғәскәр башлыҡтарынан өҫтөн булып ҡалды. Улар, батша янынан сығып, Исраил халҡын һанарға китте. Иордан йылғаһын кисеп, Ғароғер янында, ҡаланың көньяғында туҡталдылар. Ҡала Ғад үҙәне уртаһында, Яғзергә барған юлда урынлашҡайны. Улар Ғилғәдкә һәм Ҡадешҡа яҡын булған хиттиҙәр еренә барҙы; Дан-Яғанға барып, Сидонды урап сыҡты, Тир ҡәлғәһендә булды, хиууиҙәр менән ҡәнғәниҙәрҙең бөтә ҡалаларын йөрөп сығып, ахырҙа Йәһүҙәнең көньяғындағы Беер-Шәвәғкә килеп сыҡты. Улар, бөтә илде урап йөрөп, туғыҙ ай ҙа егерме көндән һуң Йәрүсәлимгә ҡайтып керҙе. Йоав батшаға халыҡтың иҫәбен еткерҙе. Ҡулына ҡылыс тоторлоҡ көслө ир-егеттәр Исраилда һигеҙ йөҙ мең, ә Йәһүҙәлә биш йөҙ мең кеше булып сыҡты. Халыҡ һанын алғандан һуң, Дауыттың йөрәгендә тыныслыҡ бөттө. Дауыт Раббыға: – Мин былай эшләп, ауыр гонаһ ҡылдым, – тине. – Хәҙер, Раббым, Һиңә ялбарып, шуны һорайым: ҡолоңдоң гонаһын ярлыҡа, аҡылһыҙҙарса эш иткәнмен. Дауыт иртәгәһен иртән торғас, Ғад пәйғәмбәргә, Дауыттың әүлиәһенә, Раббы һүҙе булды: – Бар ҙа Дауытҡа еткер: «Раббы былай тип әйтә: „Мин һиңә өс төрлө яза тәҡдим итәм. Шуларҙың береһен һайлап ал да, Мин һиңә шуны ебәрермен“». Ғад Дауытҡа килеп: – Илеңдә ете йыл аслыҡ булһынмы, әллә өс ай буйына дошмандарың эҙәрләп, уларҙан ҡасып йөрөйһөңмө, йәки илеңдә өс көнгә үләт таралһынмы? Хәҙер уйла ла әйт: Раббыға мин ниндәй яуап бирергә тейешмен? – тип белдерҙе. Дауыт Ғадҡа былай тип яуап ҡайтарҙы: – Бик ауыр миңә, әммә әҙәм ҡулына ҡалғансы, язаны Раббынан алыу яҡшыраҡ булыр, сөнки Уның рәхимлеге сикһеҙ. Бынан һуң Раббы исраилдарға шул көндөң иртәһенән алып билдәләнгән ваҡытҡа тиклем үләт ебәрҙе. Дандан Беер-Шәвәғкә тиклем етмеш мең кеше ҡырылды. Фәрештә Йәрүсәлимде юҡ итер өсөн ҡулын күтәргәйне, әммә Раббы кире уйлап бәләгә сик ҡуйҙы. Ул халыҡты ҡырған фәрештәгә: – Етер, ҡулыңды төшөр! – тине. Раббы фәрештәһе был ваҡытта йевуси халҡынан булған Арауна тигән кешенең ырҙыны янында тора ине. Дауыт, халыҡты ҡырған фәрештәне күргәс, Раббыға былай тине: – Мин гонаһ ҡылдым, енәйәтте мин эшләнем. Ә был кешеләрҙең, Һинең һарыҡтарыңдың, ниндәй ғәйебе бар һуң? Ҡулыңды миңә һәм атайым йортона төшөрһәнә. Шул көндә Ғад, Дауытҡа килеп: – Бар, йевуси Араунаның ырҙынында Раббыға ҡорбан усағы эшлә, – тине. Дауыт Раббының Ғад аша бойорған һүҙен үтәргә китте. Арауна батшаның ярандары менән үҙенә табан килә ятҡанын күрҙе лә, уларҙың ҡаршыһына сығып, Дауыттың алдында ергә тиклем бөгөлөп баш эйҙе. – Хакимым батша үҙенең ҡолона ниңә килде? – тип һораны. – Халыҡтың үләттән ҡырылыуы туҡталһын өсөн, мин Раббыға ҡорбан усағы эшләргә һинең ырҙыныңды һатып алырға итәм, – тине Дауыт. – Хакимым батша, ҡорбан килтереү өсөн нимә кәрәк, бөтәһен дә алһын. Тотош яндырыу өсөн үгеҙҙәр ҙә, утын өсөн ашлыҡ һуҡҡыс менән ҡалыптар ҙа бар. Батшаға барыһын да бирәм, – тине Арауна һәм: – Аллаң Раббы һинән риза була күрһен, – тип өҫтәне. Әммә батша Араунаға: – Юҡ, мин һиңә бөтәһе өсөн дә тулы хаҡын түләйем, Аллам Раббыға бушҡа алғанды ҡорбан итә алмайым, – тип яуап ҡайтарҙы. Дауыт ырҙын менән үгеҙҙәрҙе илле шекел көмөшкә һатып алды. Дауыт шул урында Раббыға бағышлап ҡорбан усағы эшләне һәм тотош яндырыу, татыулыҡ ҡорбандары килтерҙе. Шунан һуң Раббы шәфҡәтен һалды һәм исраилдарҙың үләттән ҡырылыуы туҡталды. Дауыт батша бик ныҡ ҡартайғайны инде. Өҫтөнә ҡатлап-ҡатлап юрған япһалар ҙа, ул йылына алманы. Шунан уға ярандары: – Хакимыбыҙ батша! – тине. – Яныңда булып һине ҡараһын, ҡуйыныңа ятып һине йылытһын өсөн, хакимыбыҙ батшаға бер йәш ҡыҙ табайыҡ. Исраилдың бөтә биләмәләренән сибәр бер ҡыҙ эҙләнеләр һәм, Шунем ҡалаһынан Авишаг һылыуҙы һайлап, батшаға алып килделәр. Ҡыҙ ифрат сибәр ине. Ул һәр ваҡыт батша янында булды, уға хеҙмәт итте. Әммә батша уның менән яҡынлыҡ ҡылманы. Дауыттың Хаггиҫтан тыуған улы Адонияһ, эреләнеп: – Мин батша булам! – тип йөрөй башланы. Үҙенә яу арбалары, һыбайлылар булдырҙы, алдынан һәр саҡ илле кеше йүгереп барыр ине. Атаһы иһә бер ваҡытта ла уны: «Нишләп улай итәһең?» – тип тыйманы. Авшаломдан ҡала донъяға килгән Адонияһ төҫкә-башҡа уның һымаҡ уҡ сибәр ине. Адонияһ Серуяһ улы Йоав менән Әвйәҫәр ҡаһиндан кәңәш һорай торған булды. Был икәү Адонияһ яҡлы ине. Әммә Садоҡ ҡаһин, Йеһоядағ улы Бенаяһ, Наҫан пәйғәмбәр, Шимғи, Реғи һәм Дауыттың йәнһаҡсылары Адонияһ яғына сыҡманы. Адонияһ Рогел инеше янындағы Зохәләҫ ташына килеп ваҡ мал, үгеҙ һәм һимертелгән башмаҡтар салды ла бөтә ағай-энеләрен, йәғни батша улдарын, батшаға хеҙмәт иткән барлыҡ Йәһүҙә кешеләрен саҡырҙы. Әммә Наҫан пәйғәмбәргә, Бенаяһҡа, батшаның йәнһаҡсылары һәм ҡустыһы Сөләймәнгә өндәшмәне. Наҫан Сөләймәндең әсәһе Баҫ-Шевағтан: – Хаггиҫ улы Адонияһтың үҙен батша итеп иғлан иткәнен ишеттеңме? – тип һораны. – Ә хакимыбыҙ Дауыт был хаҡта белмәй. Инде кәңәш бирергә рөхсәт ит: үҙеңдең һәм улың Сөләймәндең ғүмерен һаҡлау сараһын күр! Бар, Дауыт батша янына ин дә әйт: «Хакимым батша, „Минән һуң улың Сөләймән батша булыр, тәхетемә ул ултырыр“, тип мин ҡолоңа ант итмәнеңме ни? Шулай икән, ни өсөн һуң Адонияһ батша булды?» – тип һора. Һин батша менән һөйләшкән ваҡытта, мин дә инермен, һүҙҙәреңде ҡеүәтләрмен. Баҫ-Шевағ батша янына уның йоҡо бүлмәһенә инде. Батша ныҡ ҡартайғайны һәм уға Шунем ҡалаһынан Авишаг хеҙмәт итә ине. Баҫ-Шевағ батша алдында теҙләнеп ергә ҡапланды. – Нимә теләйһең? – тип һораны батша. – Хакимым, минән һуң улың Сөләймән батша булыр, тәхетемә ул ултырыр, тип мин ҡолоңа Аллаң Раббы исеме менән ант иткәйнең, – тине Баҫ-Шевағ. – Әле иһә Адонияһ батша булған, ә һин, хакимым, бер нәмә лә белмәйһең. Ул бөгөн үгеҙ, һимертелгән башмаҡтар, бик күп ваҡ мал салып, батшаның барлыҡ улдарын, Әвйәҫәр ҡаһинды, ғәскәр башлығы Йоавты саҡырған, ә ҡолоң Сөләймәнгә әйтмәне. Хакимым батша! Бөтә Исраилдың күҙе һиндә: үҙеңдән һуң тәхетеңә кем ултырасағын иғлан иткәнеңде көтәләр. Юғиһә, хакимым батша ата-бабалары хозурына күскәс, мин һәм улым Сөләймән енәйәтсе булып ҡалырбыҙ. Баҫ-Шевағ батша менән һөйләшкән арала, Наҫан пәйғәмбәр килеп етте. Дауытҡа: – Наҫан пәйғәмбәр килде, – тип хәбәр иттеләр. Пәйғәмбәр, батша янына инеп, йөҙтүбән ергә ҡапланды. – Хакимым батша, минән һуң Адонияһ батша булыр, тәхетемә ул ултырыр, тип үҙең әйттеңме? – тип һораны Наҫан. – Сөнки ул бөгөн ҡырға сығып бик күп үгеҙ, һимертелгән башмаҡ һәм ваҡ мал салды. Батшаның бөтә улдарын, ғәскәр башлыҡтарын, Әвйәҫәр ҡаһинды саҡырҙы. Әле барыһы ла уның янында ашап-эсеп ултыралар, «Йәшәһен Адонияһ батша!» – тип ҡысҡыралар. Әммә ул мин ҡолоңдо, Садоҡ ҡаһинды, Йеһоядағ улы Бенаяһты һәм ҡолоң Сөләймәнде саҡырманы. Хакимым батша, былар барыһы ла һинең ихтыярың буйынса эшләндеме? Беҙ ҡолдарыңа хакимым батшанан һуң тәхетеңә кем ултырасағын әйтеп торманыңмы? – Миңә Баҫ-Шевағты саҡырығыҙ! – тине Дауыт батша. Баҫ-Шевағ уның янына килеп баҫты. Батша ант итеп: – Йәнемде бөтә бәлә-ҡазаларҙан йолоп алған тере Раббы шаһит! – тине. – «Минән һуң улың Сөләймән батша булыр, тәхетемә ул ултырыр», – тип Исраил Аллаһы Раббы исеме менән әйткән антымды бөгөн бойомға ашырам. Баҫ-Шевағ батшаның алдында теҙләнеп йөҙтүбән ергә ҡапланды ла: – Хакимым Дауыт батша мәңге йәшәһен! – тине. – Миңә Садоҡ ҡаһинды, Наҫан пәйғәмбәрҙе, Йеһоядағ улы Бенаяһты саҡырығыҙ, – тине Дауыт батша. Барыһы ла йыйылғас, батша уларға былай тине: – Ярандарымды алығыҙ ҙа, улым Сөләймәнде минең ҡасырыма ултыртып, Гихон шишмәһенә алып барығыҙ. Шунда Садоҡ ҡаһин менән Наҫан пәйғәмбәр уны Исраилға батша итеп мәсехләһен. Унан борғо ҡысҡыртып: «Йәшәһен Сөләймән батша!» – тип тәбрикләгеҙ. Шунан уның менән ҡалаға күтәрелегеҙ, ул килеп тәхетемә ултырыр һәм минең урыныма батша булыр. Мин уны Исраил менән Йәһүҙәгә хаким итеп ҡуйҙым. – Амин! – тип яуапланы Йеһоядағ улы Бенаяһ. – Хакимым батшаның Аллаһы Раббының ихтыяры шулай булһын! Раббы нисек хакимым батша менән булған, Сөләймән менән дә шулай бергә булһын, уның тәхетен хакимым Дауыт батшаның тәхетенән дә бөйөгөрәк итһен! Садоҡ ҡаһин, Наҫан пәйғәмбәр, Йеһоядағ улы Бенаяһ, керетиҙәр менән пелеҫиҙәр барып Сөләймәнде батшаның ҡасырына мендерҙеләр ҙә Гихон шишмәһенә алып килделәр. Садоҡ ҡаһин, Изге сатырҙан зәйтүн майы һалынған мөгөҙ алып сығып, Сөләймәнде мәсехләне. Борғо ҡысҡырттылар һәм барса халыҡ: «Йәшәһен Сөләймән батша!» – тип һөрән һалды. Һыбыҙғылар уйнап, йырлап-бейеп Сөләймәндең артынан эйәрҙеләр. Улар шул тиклем ҡыуанды, хатта тауыштарынан ер тетрәгән кеүек булды. Адонияһ менән ҡунаҡтары табындан ҡуҙғалып ҡына тора ине, халыҡтың геүләшкәне ишетелде. – Ҡалала ниндәй шау-шыу ул? – тип һораны Йоав борғо тауышына ҡолаҡ һалып. Ул һүҙен тамамларға ла өлгөрмәне, Әвйәҫәр ҡаһиндың улы Йонаҫан килеп етте. – Кил әле, һинең кеүек ир аҫылы яҡшы хәбәр килтерер ул, – тине Адонияһ. – Юҡ шул, – тип яуапланы Йонаҫан. – Хакимыбыҙ Дауыт Сөләймәнде батша итте. Батша Садоҡ ҡаһинға, Наҫан пәйғәмбәргә, Йеһоядағ улы Бенаяһҡа, керетиҙәр менән пелеҫиҙәргә уны оҙата барырға ҡушты. Улар Сөләймәнде батшаның ҡасырына мендерҙеләр. Садоҡ ҡаһин менән Наҫан пәйғәмбәр Гихонда Сөләймәнде батша итеп мәсехләне. Шунан ҡайттылар ҙа ҡыуанышалар, бөтә ҡала шау-гөр килә. Һеҙ ишеткән тауыш шул. Сөләймән батша тәхеткә ултырҙы инде. Батша ярандары: «Аллаң Сөләймәндең исемен һинең исемеңдән дә данлыраҡ, тәхетен һинең тәхетеңдән дә бөйөгөрәк ҡылһын!» – тип хакимыбыҙ Дауытты ҡотларға барҙы. Батша түшәгендә килеш сәждә ҡылып: «Бөгөн минең вариҫымды тәхетемә ултыртҡан һәм шуны үҙ күҙҙәрем менән күрергә насип иткән Исраил Аллаһы Раббы мөбәрәк булһын!» – тине. Быны ишеткәс, Адонияһтың ҡунаҡтары хәүефкә батып урындарынан торҙо һәм һәр кем үҙ юлына ашыҡты. Сөләймәндән ҡото осҡан Адонияһ иһә Изге сатырҙағы ҡорбан усағының мөгөҙҙәренә барып йәбеште. Был хаҡта Сөләймәнгә хәбәр иттеләр. – Адонияһ Сөләймән батшанан ҡурҡа, – тинеләр. – Ҡорбан усағының мөгөҙҙәрен тотҡан да: «Башта Сөләймән батша мин ҡолон ҡылыс менән сапҡылап үлтермәҫкә ант итһен», – тип әйтә. – Әгәр ул намыҫлы кеше булып ҡала алһа, башындағы бер бөртөк сәсе лә ергә төшмәҫ, – тип яуапланы Сөләймән. – Ә инде эсендә мәкер бар икән, үлтерелер. Сөләймән батша кешеләр ебәреп Адонияһты ҡорбан усағынан килтертте. Адонияһ инеп уның алдында ергә ҡапланды. Сөләймән уға: – Бар, өйөңә ҡайт, – тине. Әжәле яҡынлашҡас, Дауыт батша улы Сөләймәнгә былай тип васыят әйтте: – Инде мин һәр кемде көткән юлға китермен. Ә һин, улым, ныҡ бул, һәр саҡ ир булып ҡал. Аллаң Раббының талаптарын еренә еткереп үтә. Уның юлында йөрө, Муса ҡанунында яҙылғанса, Алланың ҡағиҙәләрен, бойороҡтарын, ҡарарҙарын, күрһәтмәләрен тот. Шул саҡта, ҡайҙа ғына барһаң да, нимә генә эшләһәң дә, һиңә уңыш юлдаш булыр. Шул ваҡытта Раббының миңә: «Әгәр улдарың Минең хозурымда хаҡ юлдан йөрөһә, бөтөн йөрәге һәм бар булмышы менән Миңә тоғро булһа, Исраил тәхетендә нәҫелең ҡоромаҫ», – тип әйткән һүҙҙәре бойомға ашыр. Тағы ла шул: Серуяһ улы Йоавтың миңә ниндәй яуызлыҡ ҡылғанын беләһең. Ул Исраил ғәскәренең ике башлығы Нер улы Авнер менән Йәҫәр улы Ғамасаны тыныслыҡ мәлендә һуғыш ваҡытындағылай үлтерҙе һәм билендәге билбауы менән аяғындағы ҡатаһын ҡанға буяны. Аҡылыңа таянып эш ит, әммә Йоавтың сал сәсле башына үлеләр донъяһына тыныс ҡына китергә ихтыяр бирмә. Ғилғәд кешеһе Барзиллайҙың улдарына мәрхәмәт ҡыл, табыныңда ултырғандар араһында уларға ла урын бир, сөнки Авшалом ағайыңдан ҡасып барған сағымда улар миңә ныҡ ярҙам итте. Йәнә тағы Бинйәмин ырыуының Бахурим ҡалаһынан Гера улы Шимғи ҙә яныңда йөрөй. Маханаимға китеп барғанымда ул мине бик ауыр һүҙҙәр әйтеп ҡәһәрләне. Әммә Иордан буйында ҡаршыма сыҡҡас: «Мин һине ҡылыстан үткәрмәйем!» – тип Раббы исеме менән ант иттем. Шулай ҙа уны язаһыҙ ҡалдырма. Һин аҡыллыһың, уны нимә эшләтергә үҙең белерһең. Әммә уның сал сәсле башы үлеләр донъяһына ҡанға батып инһен. Дауыт донъя ҡуйып, ата-бабалары хозурына күсте һәм Дауыт ҡалаһында ерләнде. Дауыт ете йыл Хевронда, утыҙ өс йыл Йәрүсәлимдә идара итте һәм Исраил халҡына йәмғеһе ҡырҡ йыл батша булды. Сөләймән атаһы Дауыттың тәхетенә ултырҙы һәм уның батшалығы бик ҡеүәтле булды. Хаггиҫ улы Адонияһ Сөләймәндең әсәһе Баҫ-Шевағҡа килде. – Яҡшылыҡ менән йөрөүеңме? – тип һораны Баҫ-Шевағ. – Яҡшылыҡ менән, – тип яуапланы Адонияһ. Шунан: – Һиңә әйтәһе һүҙем бар ине, – тип дауам итте. – Һөйлә, – тине Баҫ-Шевағ. – Үҙең белеп тораһың, батшалыҡ минеке булырға тейеш ине, – тине Адонияһ. – Бөтә Исраил миңә буласаҡ батша тип ҡарай ине. Әммә батшалыҡ ҡустым ҡулына күсте, Раббы ихтыяры шулай булды. Әле килеп, минең бер теләгем бар. Зинһар, шуны кире ҡаҡмаһаң ине. – Әйт, – тине Баҫ-Шевағ. – Сөләймән батша һиңә ҡаршы килмәҫ, – тине Адонияһ. – Унан һора әле, Шунем ҡыҙы Авишагты миңә кәләш итеп бирһен. – Ярай, һинең хаҡта батша менән һөйләшермен, – тип яуапланы Баҫ-Шевағ. Баҫ-Шевағ Адонияһтың теләге тураһында һөйләшергә Сөләймән батшаға китте. Батша әсәһен аяғөҫтө баҫып, хөрмәтләп ҡаршы алды, уға баш эйҙе, шунан ҡабат тәхетенә ултырҙы. Әсәһе өсөн дә тәхет ҡуйҙырҙы. Баҫ-Шевағ батшаның уң яғынан урын алғас: – Һиңә бәләкәс кенә үтенесем бар ине, зинһар, һүҙемде йыҡма, – тип һүҙ башланы. – Һөйлә, әсәй, һүҙеңде йыҡмам, – тип яуапланы батша. – Шунем ҡыҙы Авишагты ағайың Адонияһҡа ҡатын итеп бирһәң ине, – тине Баҫ-Шевағ. – Нишләп Адонияһҡа Шунем ҡыҙы Авишагты һорайһың? – тине Сөләймән әсәһенә. – Һин уға батшалыҡты ла һора. Ул бит миңә ағай. Әвйәҫәр ҡаһин менән Серуяһ улы Йоав та уның яҡлы. Шунан Сөләймән батша Раббы исеме менән ант итте: – Әгәр Адонияһтың был теләге башына етмәһә, мине Раббының ҡаты ҡәһәре һуҡһын! – тине. – Хәҙер иһә миңә ныҡлыҡ биргән, атайым Дауыттың тәхетенә ултыртҡан, вәғәҙәһен ғәмәлгә ашырып, батшалыҡты минең ғаиләмә биргән тере Раббы шаһит: Адонияһ бөгөн үк үлтереләсәк! Сөләймән батша Йеһоядағ улы Бенаяһҡа бойороҡ бирҙе. Бенаяһ барып Адонияһты үлтерҙе. Ә Әвйәҫәр ҡаһинға батша: – Һин Ғанаҫоҫтағы биләмәңә ҡайтып кит. Үлемгә лайыҡһың, тик әлегә һиңә теймәйем, сөнки атайым Дауыт алдынан Раббы Хакимдың Килешеү һандығын күтәреп барҙың, атайым кисергән бөтә ауырлыҡтарҙы уртаҡлаштың, – тине. Сөләймән Әвйәҫәрҙе Раббының ҡаһины булыу хоҡуғынан мәхрүм итте. Шул рәүешле Раббының Шилола Ғәли нәҫеленә ҡарата әйткән һүҙҙәре бойомға ашты. Был хәбәр Йоавҡа ла барып етте. Ул Авшаломды яҡлашмаһа ла, Адонияһ яғында йөрөгәйне. Шуға күрә Раббының сатырына ҡасты һәм ҡорбан усағының мөгөҙҙәренә барып йәбеште. Йоавтың Раббы сатырына йәшенеп, ҡорбан усағы янында торғанын Сөләймән батшаға еткерҙеләр. Сөләймән Йеһоядағ улы Бенаяһты ебәреп: – Бар, уны үлтер! – тип әмер бирҙе. Бенаяһ Раббының Изге сатырына барып Йоавҡа: – Батша һиңә бынан сығырға бойорҙо, – тине. – Юҡ, мин ошонда үләм, – тип ҡаршылашты Йоав. Бенаяһ кире барып батшаға Йоавтың яуабын еткерҙе. – Үҙе нисек әйткән, шулай эшлә, – тине батша. – Үлтер ҙә күм. Йоав түккән ғәйепһеҙ ҡандың ҡоһорон минән һәм атам нәҫеленән алып ташла. Раббы ул түккән ҡанды уның үҙ башына төшөрәсәк. Ул, атайым Дауытҡа белдермәйенсә, һис бер ғәйепһеҙгә үҙенән һәйбәтерәк һәм тоғрораҡ ике кешене – Исраил ғәскәре башлығы Авнер Нер улын һәм Йәһүҙә ғәскәре башлығы Ғамаса Йәҫәр улын ҡылыстан үткәрҙе. Уларҙың ҡаны мәңгелеккә Йоавтың һәм тоҡомоноң башына төшһөн. Ә Дауытҡа һәм тоҡомона, уның ғаиләһенә һәм тәхетенә Раббы мәңгегә именлек бирһен! Йеһоядағ улы Бенаяһ барып Йоавты үлтерҙе лә мәйетен өйөнөң эргәһендәге ҡырҙа күмделәр. Батша Йеһоядағ улы Бенаяһты Йоав урынына ғәскәр башлығы итеп ҡуйҙы. Ә Садоҡ Әвйәҫәр урынына ҡаһин итеп тәғәйенләнде. Шунан батша Шимғиҙе саҡыртып алды. Уға: – Үҙеңә Йәрүсәлимдә бер йорт һалдыр ҙа шунда йәшә, – тине. – Унан бер ҡайҙа ла китмә. Бел, Йәрүсәлимдән сығып Ҡидрон үҙәнен үткән көнөңдә мотлаҡ үләсәкһең. Әжәлеңә үҙең ғәйепле булырһың. – Ярай, – тине Шимғи батшаға. – Хакимым батша нисек бойорған, ҡолоң шулай эшләр. Шулай итеп, Шимғи оҙаҡ ваҡыт Йәрүсәлимдә йәшәне. Өс йыл үткәс, Шимғиҙең ике ҡоло Ғаҫ батшаһы Ахиш Мағаха улына ҡасып китте. Шимғигә ҡолдарының Ғаҫта булыуы хаҡында хәбәр иттеләр. Быны ишеткәс, ул ишәген эйәрләне лә ҡолдарын эҙләп Ахишҡа юлланды һәм уларҙы Ғаҫтан алып ҡайтты. Шимғиҙең Йәрүсәлимдән Ғаҫҡа барып ҡайтыуын Сөләймәнгә еткерҙеләр. Батша Шимғиҙе саҡыртып алды ла былай тине: – Һиңә: «Бел, Йәрүсәлимдән сығып берәй ергә барған көнөңдә мотлаҡ үләсәкһең» тип, Раббының исеме менән ант иттереп киҫәтмәнемме ни? Һин иһә: «Ярай, мин бөтәһен дә аңланым», – тинең. Шулай булғас, ни өсөн Раббының исеме менән биргән вәғәҙәңде боҙҙоң һәм минең бойороғомдо үтәмәнең? Шунан батша: – Атам Дауытҡа ҡылған яуызлыҡтарыңды бик яҡшы беләһең. Раббы уларҙың ҡоһорон үҙ башыңа төшөрәсәк, – тип дауам итте. – Ә Сөләймән батша фатихалы булыр, Дауыттың тәхете Раббы ҡаршыһында мәңге ныҡ торор! Батша Йеһоядағ улы Бенаяһҡа әмер бирҙе. Ул барып Шимғиҙе үлтерҙе. Шулай итеп, Сөләймән батшалыҡты ныҡлап үҙ ҡулына алды. Сөләймән Мысыр фирғәүененең ҡыҙына өйләнде. Шул рәүешле ул фирғәүен менән туғанлашты. Кәләшен Дауыт ҡалаһына төшөрҙө. Батша һарайын, Раббы ҡорамын һәм Йәрүсәлимде уратып диуарҙар төҙөгәнгә тиклем шунда йәшәнеләр. Халыҡ төрлө табыныу ҡалҡыулыҡтарында ҡорбан салды, сөнки ул ваҡытта Раббы исеменә бағышланған ҡорам төҙөлмәгәйне әле. Сөләймән атаһы Дауыттың васыяты буйынса йәшәп, Раббыға һөйөүен раҫланы, табыныу ҡалҡыулыҡтарында ғына ҡорбан салды, хуш еҫ төтәҫләне. Батша ҡорбан салыр өсөн Ғивғон ҡалаһына йүнәлде, сөнки иң мөһим табыныу ҡалҡыулығы шунда ине. Сөләймән ошондағы ҡорбан усағында меңләп тотош яндырыу ҡорбаны килтерҙе. Ғивғонда сағында Алла Раббы төндә Сөләймәндең төшөнә инеп: – Минән теләгәнеңде һора, – тине. Сөләймән Уға: – Һин атайым Дауытҡа, Үҙеңдең ҡолоңа, Һиңә тоғро булғаны, ихлас күңелдән Һинең юлыңдан йөрөгәне өсөн бөйөк һәм тоғро мөхәббәтеңде күрһәттең, – тип яуап ҡайтарҙы. – Уны Үҙеңдең оло мәрхәмәтеңдән ҡалдырмай, бөгөн тәхетендә ултыртыр өсөн бер ул бирҙең. Йә Раббым Аллам! Әле быуыны ла ҡатмаған, ҡайҙан инеп, ҡайҙан сығырын да белмәгән мин ҡолоңдо атайым Дауыт урынына батша итеп ҡуйҙың. Инде ҡолоң Һин Үҙеңә һайлап алған халыҡтың, иҫәпһеҙ-хисапһыҙ бөйөк халыҡтың араһында. Шуға күрә миңә яҡшы менән яманды айырырлыҡ, халҡыңа ғәҙел хөкөм ҡылырлыҡ аҡыл бирһәң ине. Юғиһә Һинең ошо тиклем күмәк халҡыңа идара итеү кемдең ҡулынан килһен? Сөләймәндең был теләге Раббы Хакимдың күңеленә хуш килде. Алла уға былай тине: – Үҙеңә оҙон ғүмер түгел, байлыҡ түгел, дошмандарыңдың үлемен түгел, ә ғәҙел идара итер өсөн аҡыл һораның. Шуға күрә теләгеңде үтәйем: һиңә зирәк зиһен һәм аңлау ҡеүәһе бирәм. Һиндәй аҡыллының быға тиклем дә булғаны юҡ, бынан һуң да булмаҫ. Һорамағаныңды ла бирәм һиңә: йәшәгән осороңда бер генә батша ла ирешә алмаған мал-мөлкәткә эйә булырһың һәм дан ҡаҙанырһың. Әгәр һин дә атайың Дауыт кеүек ҡағиҙәләремә һәм бойороҡтарыма буйһоноп, Минең юлымдан йөрөһәң, оҙон ғүмер ҙә бирермен. Уянып киткәс, Сөләймән күргәндәренең төш икәнен аңланы. Йәрүсәлимгә ҡайтҡас, Раббы Хакимдың Килешеү һандығы эргәһенә баҫты, тотош яндырыу, татыулыҡ ҡорбандары килтерҙе, унан үҙенең бөтә хеҙмәтселәре өсөн мәжлес йыйҙы. Бер көндө батша алдына ике фәхишә килеп баҫты. Ҡатындарҙың береһе былай тине: – Эй хакимым! Был ҡатын менән бер өйҙә йәшәйбеҙ. Ул да өйҙә булғанда, минең балам тыуҙы. Мин бала тапҡандың өсөнсө көнөнә, ул да бала тапты. Өйҙә икебеҙ генә инек, беҙҙән башҡа бер кем дә булманы. Төндә йоҡлағанда ул, балаһының өҫтөнә ятып баҫлыҡтырған да, улы үлгән. Мин ҡолоң йоҡлаған арала, ул, баламды ҡуйынымдан алып, үҙенең янына ятҡырған, ә үле сабыйҙы минең эргәмә һалған. Иртәгәһен улымды имеҙергә тип торғайным, уның үле икәнен күрҙем. Яҡтырғас, яҡшылап ҡарағайным, минең балам түгеллеген аңланым. – Юҡ, – тине икенсе ҡатын. – Тере бала – минеке, үлгәне – һинеке! – Юҡ, тере ҡалған бала – минең улым, үлгәне һинеке! – тине беренсеһе. Шулай итеп батша алдында тағы талашып киттеләр. – Быныһы: «Минең улым тере, һинеке үле», – ти, тегеһе: «Юҡ, һинең улың үле, минеке тере», – тип ныҡыша, – тине батша. – Улай икән, миңә ҡылыс килтерегеҙ! Батшаға ҡылыс алып килделәр. – Тере баланы икегә бүлеп, яртыһын береһенә, яртыһын икенсеһенә тоттороғоҙ, – тип бойорҙо батша. Сабыйын йәлләүҙән йөрәге һыҙлаған ысын әсә: – Эй хакимым! Тере баланы уға бирегеҙ, тик, зинһар, үлтерә күрмәгеҙ! – тип ялбарҙы. Икенсе ҡатын иһә: – Икегә бүлегеҙ әйҙә, уға ла, миңә лә булмаһын, – тине. Шунда батша ҡарарын иғлан итте: – Баланы үлтермәгеҙ! Беренсе ҡатынға бирегеҙ, сабыйҙың әсәһе – ул, – тине. Батшаның хөкөмөн ишетеп, бөтә исраилдар хайран ҡалды. Ошо хәлдән һуң халыҡ батшаға ҡурҡыу ҡатыш хөрмәт менән ҡарай башланы, сөнки хөкөм ҡылыу өсөн Алланан уға ниндәй зирәк зиһен бирелгәнен күрҙеләр. Сөләймән бөтә Исраилға батшалыҡ итте. Уның ярандары ошолар ине: Ғазаръяһ Садоҡ улы – ҡаһин; Шиша улдары Әлихореф менән Ахияһ – кәтиптәр; Йеһошафат Ахилуд улы – дәүләттең йылъяҙмасыһы; Бенаяһ Йеһоядағ улы – ғәскәр башлығы; Садоҡ менән Әвйәҫәр – ҡаһиндар; Ғазаръяһ Наҫан улы – өлкә башлыҡтары етәксеһе; Завуд Наҫан улы – ҡаһин һәм батшаның кәңәшсеһе; Ахишар – батша һарайы идарасыһы; Адонирам Ғавда улы – мәжбүри эшләүселәр өҫтөнән күҙәтсе. Исраилдың бөтә төбәктәрендә Сөләймәндең ун ике өлкә башлығы бар ине. Улар батшаға һәм уның һарайына аҙыҡ-түлек килтерә торғайны. Һәр ҡайһыһы йылына бер ай буйы һарайҙы ризыҡ менән тәьмин итергә тейеш ине. Бына уларҙың исемдәре: Бен-Хур – Әфраим таулығында; Бен-Дәҡәр – Маҡаста, Шағалвимда, Бейт-Шәмәштә, Элон-Бейт-Хананда; Бен-Хәсәд – Аруббоҫта, Сохо менән бөтә Хефәр ере уныҡы ине. Сөләймәндең ҡыҙы Тафаҫҡа өйләнгән Бен-Авинадав – бөтә Нафаҫ-Дорҙа; Бағана Ахилуд улы – Тағанах, Мегиддо, Изреғилдән түбәнерәк урынлашҡан Сареҫан янындағы бөтә Бейт-Шеан, Бейт-Шеандан Авел-Мехола һәм хатта Йоҡмеғамдың аръяғына тиклем һуҙылған өлкәлә; Бен-Гәвәр – Ғилғәдтәге Рамоҫ ҡалаһында, шулай уҡ Ғилғәд өлкәһендә Менашше улы Яир ауылдары, Башан өлкәһендәге Аргов төбәге, диуар менән уратылған һәм баҡыр биктәр менән йоҙаҡланған алтмыш ҙур ҡала ла уның ҡарамағында ине. Ахинадав Ғыддо улы – Маханаимда; Сөләймәндең ҡыҙы Басмаҫҡа өйләнгән Ахимағас – Нафталиҙа; Бағана Хушай улы – Ашерҙа һәм Беғалоҫта; Йеһошафат Паруах улы Исасхарҙа; Шимғи Эла улы – Бинйәмин ерендә; Гевер Ури улы Ғилғәдтә, әмөриҙәр батшаһы Сихондың, Башан батшаһы Ғоғтың ерҙәрендә идарасы булды. Йәһүҙәнең үҙендә өлкә башлығы бар ине. Йәһүҙә менән Исраил халҡы диңгеҙ ярындағы ҡом кеүек күп ине. Улар ашаны, эсте, күңел асты һәм бик бәхетле йәшәне. Евфрат йылғаһынан пелешти ерҙәренә һәм Мысыр сиктәренә тиклем йәйрәп ятҡан бөтә батшалыҡтар Сөләймәндең ҡул аҫтында булды. Улар барыһы ла Сөләймәнгә ғүмере буйы хеҙмәт итте һәм яһаҡ түләне. Көн һайын Сөләймәндең һарайына утыҙ кор ваҡ ҡына итеп тарттырылған яҡшы он, алтмыш кор эре тарттырылған он, махсус һимертелгән ун башмаҡ, көтөүҙә йөрөгән егерме башмаҡ, йөҙ һарыҡ һәм быларҙан тыш болан, ғәзәл, сайғаҡ, һимертелгән ҡош-ҡорт кәрәк ине. Сөләймән Тифсахтан Газаға тиклем, Евфрат йылғаһының көнбайышында ятҡан бөтә батшалыҡтарға идара итте. Һәр тарафта тыныслыҡ булды. Уның заманында Дандан Беер-Шәвәғкә тиклем булған Йәһүҙә һәм Исраилда һәр кем үҙенең йөҙөм һәм инжир ағастары аҫтында рәхәтләнеп етеш йәшәне. Сөләймәндең арбаға егә торған аттары өсөн ҡырҡ мең аҙбары һәм ун ике мең һыбайлыһы бар ине. Ун ике өлкә башлығының һәр береһе билдәле бер айҙа Сөләймән батшаны һәм уның менән табындаш булғандарҙың барыһын һәр төрлө ризыҡ-әүҡәт менән тәьмин итте. Һис бер нәмәлә наҡыҫлыҡ булманы. Ун ике түрәнең һәр ҡайһыһы, үҙенә бирелгән бойороҡ буйынса, тәғәйен урынға екке аттары һәм саптар аттар өсөн арпа менән һалам килтереп торҙо. Алла Сөләймәнгә диңгеҙ ярындағы ҡом шикелле икһеҙ-сикһеҙ зирәклек, тәрән аҡыл һәм күп белем бирҙе. Ул көнсығыштағы һәм Мысырҙағы барлыҡ аҡыл эйәләренән дә аҡыллыраҡ ине. Зирәклеге менән бөтә кешеләрҙән, хатта Әзрах нәҫеленән булған Эҫандан, Махолдың Һеман, Калкол һәм Дардағ тигән өс улынан да өҫтөнөрәк ине; уның исеме эргә-тирәләге халыҡтар араһында танылыу алды. Сөләймән өс мең мәҡәл яҙып ҡалдырҙы, мең дә биш йыр сығарҙы. Ул Ливандағы кедр ағасынан алып таш ҡоймала үҫеп сыҡҡан майағасҡа тиклем һәр үҫемлек хаҡында, йәнлектәр, ҡоштар, һөйрәлеүселәр, балыҡтар тураһында һөйләй ала торғайны. Донъялағы бөтә батшалар, Сөләймәндең зирәклеген ишетеп, уның аҡыллы һүҙҙәрен тыңларға кешеләр ебәрә торған булды. Тир батшаһы Хирам ғүмере буйы Дауыт батша менән дуҫ йәшәне. Сөләймәндең атаһы урынына батша итеп мәсехләнеүен ишетеү менән, илселәр ебәрҙе. Сөләймән иһә Хирамға шундай хәбәр күндерҙе: «Үҙең белмәгән ни бар, атайым Дауыт эргә-тирәләге халыҡтар менән һуғыш алып барырға мәжбүр булғанлыҡтан, Аллаһы Раббы исеменә бағышлап ҡорам төҙөй алманы. Инде Раббы уның дошмандарын аяҡ аҫтына бырғаны. Инде хәҙер Раббы, минең Аллам, һәр тарафта тыныслыҡ бирҙе. Хәҙер бер дошманым да юҡ, һис ниндәй ҡаршылыҡ ҡалманы. Раббы атайым Дауытҡа: „Һинең тәхетеңә ултырасаҡ улың Минең исемемә бағышлап йорт һалыр“, – тигәйне. Шуға күрә Аллам Раббыға ғибәҙәт ҡылыр өсөн йорт төҙөргә ниәтләйем. Кешеләреңә минең өсөн Ливан кедрҙарын ҡырҡырға әмер бирһәң ине. Минең эшселәрем һинекеләр менән бергә булыр. Уларға, үҙең күпме әйтһәң, шул тиклем хеҙмәт хаҡы түләрмен. Үҙең беләһең, беҙҙә Сидон халҡы кеүек оҫта ағас ҡырҡыусылар юҡ». Сөләймәндең хәбәрен ишетеп, Хирам бик ҡыуанды: – Был ишле халыҡҡа идара итеү өсөн Дауытҡа шул тиклем аҡыллы ул биргән Раббы мөбәрәк булһын! – тине. Шунан Сөләймәнгә былай тип яуап ебәрҙе: «Хәбәреңде алдым. Күпме кәрәк булһа, шул ҡәҙәр кедр һәм кипарис бирермен. Кешеләрем бүрәнәләрҙе Ливандан диңгеҙгә ташыр. Унан һал бәйләп, һин билдәләгән урынға илтербеҙ ҙә мин һалдарҙы таратырмын, һин бүрәнәләрҙе шунан килеп алырһың. Тик һин дә бер теләгемде үтә: һарайымды аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеп тор». Хирам Сөләймәнгә кәрәк тиклем кедр һәм кипарис ағасы бирҙе. Сөләймән иһә һәр йыл Хирамдың һарайына егерме мең кор бойҙай, егерме кор ҡул менән һығылған таҙа зәйтүн майы оҙатып торҙо. Раббы, Үҙенең вәғәҙәһенә тоғро ҡалып, Сөләймәнгә зирәк аҡыл бирҙе. Хирам менән Сөләймән үҙ-ара килешеү төҙөнө һәм бик татыу йәшәне. Сөләймән батша бөтә Исраилдан утыҙ мең кешене мәжбүри эшкә йыйҙы. Уларҙың ун меңен ай һайын Ливанға ебәреп торҙо. Улар бер ай Ливанда була, ике айлап өйҙә ҡала ине. Батша Адонирамды бөтә эшселәргә етәксе итеп билдәләне. Тағы ла Сөләймәндең йөк ташыусы етмеш мең, тауҙарҙа таш сығарыусы һигеҙ йөҙ мең кешеһе бар ине. Өҫтәүенә, эште ойоштороп, ҡарап тороусы өс мең өс йөҙ кеше тәғәйенләнде. Батша бойороғо буйынса, ҡорамдың нигеҙен юнылған таштарҙан һалыр өсөн ҙур-ҙур яҡшы таштарҙы ҡырҡтылар. Ҡорам төҙөлөшөнә бүрәнә һәм таш әҙерләүҙә Сөләймән менән Хирамдың эшселәренән башҡа Гевал кешеләре лә ҡатнашты. Исраил халҡының Мысырҙан сығыуына дүрт йөҙ һикһән йыл үткәндән һуң, Сөләймән батша, тәхеткә ултырыуының дүртенсе йылында, йылдың икенсе зив айында Раббы ҡорамын һалдыра башланы. Раббыға бағышланған был ҡорамдың буйы – алтмыш, иңе – егерме, ә бейеклеге утыҙ терһәк ине. Ҡорам залының алғы яғындағы айуандың иңе – ун терһәк, ә буйы, тотош ҡорамдың иңе кеүек үк, егерме терһәк тәшкил итте. Сөләймән ҡорамға уйымы эске яҡтан киң булып, тышҡа табан тарайған рәшәткәле тәҙрәләр эшләтте. Ҡорамдың диуарын әйләндереп төкәтмә төҙөттө – ҙур зал һәм эске бүлмә тирәләй төкәтмә бүлмәләр эшләтте. Өс ҡатлы был төкәтмәнең түбәнге ҡатының иңе – биш, икенсе ҡатының – алты, ә өсөнсө ҡатының ете терһәк ине. Төкәтмәнең тотоп тороусы бурсалары ҡорамдың диуарына кереп тормаһын өсөн, ҡорамдың диуары тышҡы яҡтан сығынтылы итеп төҙөлдө. Ҡорам төҙөлөшөндә ҡулланылған таштарҙы сығарылған урынында уҡ юнып килтерҙеләр. Төҙөлөш барышында ҡорамдың үҙендә сүкеш һәм балта кеүек бер ниндәй ҙә тимер ҡоралдың тауышы сыҡманы. Түбәнге ҡатҡа инә торған ишек ҡорамдың көньяғында ине. Түңәрәк баҫҡыстар буйлап – урта, унан юғары ҡатҡа күтәрелергә кәрәк ине. Сөләймән ҡорамды һалдырып бөттө. Ҡорамдың ҡыйығын ҡырлы бүрәнәләр һәм кедр таҡталар менән яптырҙы. Ҡорамдың тышҡы яғынан эшләнгән өс ҡатлы һәм һәр ҡаты биш терһәк бейеклегендә булған төкәтмә ҡорамға кедр бүрәнәләр менән беркетелгәйне. Сөләймәнгә Раббы һүҙе булды: – Бына һин ҡорам төҙөйһөң. Минең ҡанундарымды тотоп, ҡағиҙәләрем буйынса йәшәһәң, бойороҡтарымды үтәһәң, атайың Дауытҡа биргән вәғәҙәмде һинең аша бойомға ашырырмын. Мин халҡым Исраил араһында йәшәрмен, уларҙы бер ваҡытта ла ташламам. Сөләймән ҡорамды төҙөп бөттө. Ҡорамдың диуарҙары эске яҡта иҙәндән түшәм өрлөгөнә ҡәҙәр кедр таҡталар менән көпләнде. Иҙәненә кипарис таҡта түшәлде. Ҡорамдың артҡы яғында, ҡырыйҙан егерме терһәк эскәрәк индереп, иҙәндән түшәмгә тиклем кедр таҡталарҙан диуар эшләтеп, бер эске бүлмә яһатты, был бүлмә Иң мөҡәддәс урын булды. Иң мөҡәддәс урын алдында урынлашҡан ҡорам залының буйы ҡырҡ терһәк ине. Таштар күренеп тормаһын өсөн, ҡорамдың эсе ашҡабаҡ һәм сәскә һүрәттәре менән ырып биҙәлгән кедр таҡталар менән ҡапланды. Ҡорамдың эске бүлмәһе Раббының Килешеү һандығын ҡуйыу өсөн әҙерләнде. Был бүлмәнең буйы, иңе һәм бейеклеге егермешәр терһәк ине. Сөләймән бүлмәне эстән саф алтын менән ҡаплатты. Кедр ағасынан яһалған ҡорбан усағын да алтын менән көпләтте. Ҡорамдың эсе саф алтын менән көпләнде. Алтын менән көпләнгән эске бүлмәгә инә торған ерҙә арҡырыға алтын сылбырҙар аҫылды. Сөләймән ҡорамдың эсен тотошлай алтын менән көпләтте. Эске бүлмәнең ҡорбан усағы ла алтын менән көпләнде. Эске бүлмәгә ҡуйыу өсөн зәйтүн ағасынан ике кируб һыны яһатты. Уларҙың һәр береһенең бейеклеге ун терһәк ине. Кирубтарҙың ҡанаттары биш терһәк ине. Ҡанаттарҙың бер осонан икенсе осона тиклем ун терһәк тәшкил итә ине. Ике кирубтың да ҙурлығы һәм рәүеше бер ине. Икеһенең дә бейеклеге ун терһәк ине. Сөләймән кирубтарҙы ҡорамдың төпкө өлөшөнә урынлаштырҙы. Кирубтарҙың береһенең асыҡ ҡанаты бер диуарға, икенсеһенеке икенсе яҡтағы диуарға, икенсе ҡанаттары бүлмә уртаһында бер-береһенә тейеп тора ине. Сөләймән кирубтарҙы ла алтын менән ҡаплатты. Ҡорам диуарҙарының барыһы ла, эске бүлмәләр ҙә, тышҡы бүлмәләр ҙә кируб һындары, хөрмә ағастары, сәскә һүрәттәре менән һырлап биҙәлде. Эске һәм тышҡы бүлмәләрҙең иҙәне алтын менән ҡапланды. Эске бүлмәгә инер өсөн зәйтүн ағасынан ишектәр яһатты. Уның яңаҡтары биш мөйөшлө итеп эшләтте. Зәйтүн ағасынан яһалған ишектәрҙең ике яғы ла кируб, хөрмә ағасы, сәскә һүрәттәре менән һырлап биҙәлгәйне. Кирубтар менән хөрмә ағастарын алтын менән ҡаплатты. Ҡорам залына ингән ерҙә лә ишек яңаҡтарын дүрт мөйөшлө итеп зәйтүн ағасынан эшләтте. Ике ишек кипарис ағасынан яһалды. Улар ике ҡанатлы булып, шылдырып ябылмалы ине. Уларҙы ла кируб, хөрмә ағастары, сәскә һүрәттәре менән ырып биҙәтте һәм һырҙарын алтын менән ҡаплатты. Эске ихата өс ҡаты юнылған таштан һәм бер ҡаты кедр бүрәнәләренән эшләнгән ҡойма менән уратып алынды. Сөләймән Раббы ҡорамының нигеҙен батшалыҡ итеүенең дүртенсе йылында зив айында һалдырғайны. Ун беренсе йылдың һигеҙенсе айы – бул айында, ҡорам алдан нисек уйланылған булһа, шул рәүешле тотош эшләнеп бөттө. Шулай итеп, Сөләймән уны ете йыл буйына төҙөнө. Ә үҙ һарайын һалдырыр өсөн Сөләймәнгә ун өс йыл кәрәк булды. Бына һарай төҙөлөшө лә тамамланды. Сөләймән «Ливан урманы йорто» тип аталған һарай һалды. Уның оҙонлоғо – йөҙ, киңлеге – илле, бейеклеге утыҙ терһәк ине. Унда дүрт рәт кедр бағаналар һәм бағаналар өҫтөндә кедр бурсалар бар ине. Бағаналар өҫтөнә рәт-рәт итеп ун бишәрләп һалынған ҡырҡ биш бурсаны кедр таҡта менән ябып, Сөләймән түбә эшләтте. Өс рәт итеп уйылған тәҙрәләр бер-береһенә ҡапма-ҡаршы урынлашҡайны. Бөтә ишектәр һәм ишек яңаҡтары дүрткел булып, диуарҙарҙағы өсәр рәт итеп уйылған тәҙрәләр бер-береһенә ҡапма-ҡаршы ине. Оҙонлоғон – илле, иңен – утыҙ терһәк итеп, Сөләймән бағаналы зал эшләтте. Уның алдында бағаналы айуан, ә бағаналар алдында рәшәткә-кәртә бар ине. Шунан, тәхет ҡуйҙырып, Хөкөм залы төҙөттө. Уны иҙәндән алып түшәменә тиклем кедр таҡта менән көпләтте. Шуға оҡшатып, үҙенә йәшәр өсөн тағы бер йорт төҙөттө. Әлеге йорт Хөкөм залының артындағы ихатала урынлашҡайны. Сөләймән үҙенең ҡатыны – фирғәүендең ҡыҙы өсөн дә тап шундай уҡ йорт һалдырҙы. Нигеҙенән алып түбә ҡыйығына һәм тышҡы яҡтан ҙур ихатаға тиклем был биналар эстән һәм тыштан кәрәкле ҙурлыҡта эшкәртелгән, бысҡы менән тигеҙләп ҡырҡылған затлы таштарҙан һалынғайны. Йорттарҙың нигеҙенә оҙонлоғо ун терһәк һәм һигеҙ терһәк булған ҙур, затлы таштар һалынды. Нигеҙ өҫтөндә кәрәкле ҙурлыҡта эшкәртелгән затлы таштар һәм кедр бүрәнәләр ине. Ҙур ихата иһә өс рәте эшкәртелгән таштан һәм бер рәте кедр бурсанан эшләнгән ҡойма менән уратып алынды. Раббы йортоноң эске ихатаһы һәм айуаны шулай уҡ ҡойма менән уратылды. Сөләймән батша Тир ҡалаһынан Хирам тигән бер кешене саҡыртып килтерҙе. Ул Нафтали ырыуынан бер тол ҡатындың улы ине. Тир ҡалаһынан булған атаһы баҡырсы ине. Хирам үҙе лә баҡырҙан төрлө әйберҙәр эшләүсе белекле, маһир һәм егәрле оҫта булды. Ул Сөләймән батшаға килде һәм үҙенә йөкмәтелгән бөтә эштәрҙе башҡарып бирҙе. Хирам ике баҡыр бағана ҡойҙорҙо. Һәр бағананың бейеклеге – ун һигеҙ терһәк, әйләнәһе – бау менән үлсәгәндә – ун ике терһәк тәшкил итә. Бағаналар өҫтөнә ҡуйыр өсөн, баҡырҙан ике таж ҡойҙо, ул таждарҙың бейеклеге биш терһәк булды. Бағана башындағы таждарҙың һәр береһен үреп эшләнгән сылбырлы селтәр менән биҙәне: таждарҙың һәр икеһендә етешәр сылбырлы селтәр бар ине. Хирам бағана башындағы таждарҙы биҙәүсе селтәр тирәләй ике рәт итеп анар емеше ҡойоп яһаны. Бағаналарҙың һәр икеһен ул бер төрлө итеп биҙәне. Айуандағы бағана баштарына ҡуйылған таждар иһә бейеклеге дүртәр терһәк булған лилиә сәскәһенә оҡшаған ине. Бағана башындағы таждарҙы биҙәгән селтәр эргәһендәге һикәлтәнең өҫтөндә рәт-рәт итеп ике йөҙ анар емеше эшләнгәйне. Хирам бағаналарҙы Алла йортоноң айуанына ҡуйҙы һәм уң яҡтағыһын Яхин, һул яҡтағыһын Боғаз тип атаны. Был бағаналарҙың башына лилиә сәскәһенә оҡшатып яһалған таж кейҙерҙе. Бағаналар менән эште тамамлағас, Хирам түп-түңәрәк яһалма диңгеҙ ҡойҙо; ул бер яғынан икенсе яғына ун терһәк тиклем булып, бейеклеге – биш терһәк һәм әйләнәһе – бау менән үлсәһәң – утыҙ терһәк ине. Аҫҡы яҡтан диңгеҙҙең ситтәре ҡойолған ашҡабаҡ һүрәттәре менән уратып алынғайны. Терһәк һайын унар итеп эшләнгән был һүрәттәр ике рәт булып, улар яһалма диңгеҙ менән тотош ҡойолғайны. Был диңгеҙ ун ике үгеҙ өҫтөнә ҡуйылған. Был үгеҙҙәрҙең өсәүһе – төньяҡҡа, өсәүһе – көнбайышҡа, өсәүһе – көньяҡҡа, өсәүһе көнсығышҡа ҡарап тора. Диңгеҙ – үгеҙҙәр өҫтөндә, ә үгеҙҙәрҙең арт һаны эске яҡта ине. Баҡыр диңгеҙҙең ҡалынлығы ус аяһы киңлегендә, сеүәтәгә оҡшатып эшләнгән ситтәре иһә асылған лилиә сәскәһен хәтерләтә; был киҫмәктең һыйҙырышлығы ике мең бат ине. Хирам һәр береһенең бейеклеге – өс, оҙонлоғо – дүрт, киңлеге дүрт терһәк булған ун баҡыр таяу эшләне. Ул таяуҙар былай эшләнде: уларҙың ян-яҡтары рам эсенә алынған ине. Таяуҙарҙың рам эсенә алынған ян-яҡтарында, шулай уҡ рамдарҙа арыҫлан, үгеҙ һәм кируб һүрәттәре төшөрөлгән; рамдарҙағы арыҫлан һәм үгеҙ һүрәттәренән өҫтәрәк һәм аҫтараҡ сүкеп эшләнгән үрмә биҙәк үтә. Һәр таяуҙың баҡыр күсәрле дүртәр баҡыр тәгәрмәсе һәм дүртәр терәге бар. Таяуҙың һәр мөйөшөндә ян-яҡтарына үрмә биҙәктәр төшөрөлгән терәктәр ҡуйылған, улар өҫтөнә киҫмәк урынлашҡан. Эске яҡтан таяу бер ярым терһәк булып, унда бер терһәк бейеклегендәге түңәрәк терәк ҡуйылған ине. Таяуҙың түңәрәк ауыҙы һәм әйләнәһе һүрәттәр менән һырлап биҙәлгән. Таяуҙың ян-яҡтары иһә түңәрәк түгел, дүрткел ине. Уларҙың аҫтында дүрт тәгәрмәс ҡуйылып, тәгәрмәс күсәрҙәре таяуға беркетелгән. Һәр тәгәрмәстең бейеклеге – бер терһәк ярым. Был тәгәрмәстәр яу арбаларының тәгәрмәстәренә оҡшатып эшләнгән. Күсәрҙәре лә, туғындары ла, арасалары ла, көпсәктәре лә ҡойоулы. Һәр таяуҙың дүрт мөйөшөнә терәк ҡуйылған, улар таяу менән бер бөтөн итеп ҡойолған. Таяуҙың өҫтөнә бейеклеге ярты терһәк булған ҡоршау урынлашҡан. Таяуҙың өҫкө өлөшө, терәктәре һәм ян-яҡтары бер бөтөн булып ҡойолған ине. Хирам терәктәрҙә, ян-яҡтарҙа, мөмкин булған бөтә урында кируб, арыҫлан, хөрмә һүрәттәре, ә әйләнәһенә үрмә биҙәктәр уйҙы. Ошо рәүешле итеп Хирам ун таяу эшләне: уларҙың барыһы ла бер төрлө ҡойолған, үлсәмдәре лә, рәүештәре лә бер ине. Шулай уҡ ул һәр береһе ҡырҡ бат һыйҙырышлы, арҡырыһы дүрт терһәк булған ун баҡыр киҫмәк, ун таяуҙың һәр ҡайһыһына берәр киҫмәк яһаны. Таяуҙарҙың бишәүһен ҡорамдың көньяғына, бишәүһен төньяғына урынлаштырҙы. Баҡыр диңгеҙҙе ҡорамдың уң яғына, көньяҡ-көнсығыш тарафҡа урынлаштырҙы. Хирам сүлмәктәр, көрәктәр, ҡан һирпер өсөн сеүәтәләр эшләне. Шулай итеп, ул Сөләймән батшаға Раббы ҡорамы өсөн кәрәк булған бөтә эштәрен тамамланы: ике бағана, уларҙың башына сеүәтә рәүешендә ике таж, таждарҙы биҙәү өсөн ике селтәр; бағаналарҙың башындағы сеүәтә һымаҡ таждарҙы уратып алған селтәрҙәрҙең икеһен дә биҙәү өсөн икешәр рәт итеп теҙелгән дүрт йөҙ анар емеше; ун таяу һәм улар өҫтөндә ун киҫмәк; бер баҡыр диңгеҙ һәм диңгеҙ аҫтындағы ун ике үгеҙ һыны; көл көршәктәре, көрәктәр, ҡан һирпеү өсөн сеүәтәләр. Хирам Сөләймән батшаға Раббы ҡорамы өсөн яһаған был әйберҙәрҙең барыһы ла шымартылған баҡырҙан ине. Батша уларҙы Иордан үҙәнендә Суккоҫ менән Сареҫан араһындағы урында, балсыҡта яһалған ҡалыптарҙа ҡойҙорҙо. Был әйберҙәрҙең шул тиклем күплеге арҡаһында, уларҙы яһарға күпме баҡыр тотонолғанын билдәләү мөмкин булманы. Батша был әйберҙәрҙең барыһын да алып барып урынлаштыртты. Сөләймән шулай уҡ Раббы йорто өсөн тағы ла башҡа әйберҙәр эшләтте: алтын ҡорбан усағы һәм изге икмәктәрҙе Раббы хозурына ҡуйырға алтын өҫтәл; ҡорамдың эске бүлмәһе ҡаршыһына уң яҡҡа биш, һул яҡҡа биш саф алтын шәмдәл; алтын сәскәләр, майшәмдәр, ҡыҫҡыстар; саф алтын тастар, филтә таҙартҡыстар, сеүәтәләр, туҫтаҡтар, хуш еҫ төтәҫләгестәр. Эске бүлмә – Иң мөҡәддәс урындың ишектәренең һәм ҡорам залы ишектәренең күгәндәре лә алтындан ине. Раббы ҡорамындағы бөтә эштәрҙе тамамлағандан һуң, Сөләймән батша, атаһы Дауыт Раббыға бағышлаған бүләктәрҙе – алтын-көмөш һәм башҡа әйберҙәрҙе алып килеп, Раббы ҡорамының хазина келәтенә ҡуйҙы. Сөләймән батша Раббының Килешеү һандығын Дауыт ҡалаһынан, йәғни Сиондан, күсереү өсөн Исраил аҡһаҡалдарын, ырыу һәм нәҫел башлыҡтарын Йәрүсәлимгә саҡырҙы. Йылдың етенсе эҫаним айында булған байрам ваҡытында бөтә Исраил халҡы Сөләймән батша янына йыйылды. Исраилдың барлыҡ аҡһаҡалдары килгәндән һуң, ҡаһиндар Килешеү һандығын күтәреп алды. Ҡаһиндар менән левиҙәр Раббы һандығын, Осрашыу сатырын, сатырҙағы бөтә изге әйберҙәрҙе алып китте. Сөләймән батша менән уның янына йыйылған бөтә Исраил йәмғиәте һандыҡ алдында ваҡ һәм эре малдан бик күп ҡорбан салды. Ҡорбандарҙың иҫәбе-һанына сығырлыҡ түгел ине. Ҡаһиндар Раббының Килешеү һандығын тәғәйен ергә, ҡорамдағы эске бүлмәгә, Иң мөҡәддәс урынға, кирубтарҙың ҡанаттары аҫтына, килтереп урынлаштырҙы. Кирубтар, ҡанаттарын һандыҡ ҡуйылған урын өҫтөндә йәйеп, һандыҡты ла, уны күтәреп йөрөтә торған ҡолғаларҙы ла ҡаплап тора ине. Был ҡолғалар шул тиклем оҙон булып, уларҙың остары ҡорам залының эске бүлмә ҡаршыһындағы өлөшөнән күренеп тора, әммә тышҡы яҡтан күренмәй ине. Ҡолғалар бөгөнгәсә шунда тора. Исраил халҡын Мысыр еренән алып сыҡҡан заманда Раббы улар менән килешеү төҙөгән Хорев тауында Муса һандыҡ эсенә ике таҡтаташ һалғайны. Уларҙан башҡа һандыҡта бер нәмә лә юҡ ине. Шул саҡ Сөләймән әйтте: – Раббы ҡуйы ҡараңғылыҡта төйәкләнергә теләне. Мин Һиңә мөһабәт ҡорам һалдым, Ул мәңгегә Һиңә торлаҡ булһын. Шунан батша, артына боролоп, алдында аяғөҫтө торған бөтә Исраил йыйынына фатихаһын күндерҙе. Батша былай тине: – Исраил Аллаһы Раббы мөбәрәк булһын! Ул атайым Дауытҡа Үҙ теле менән әйткәнен Үҙ ҡулы менән бойомға ашырҙы. Ул былай тигәйне: «Халҡым Исраилды Мысырҙан алып сыҡҡан көндән алып, исемем шунда булһын, тип ҡорам төҙөһөндәр өсөн Исраил ырыуҙарының береһенең дә ҡалаһын һайламаным. Халҡым Исраилға идара итһен өсөн Дауытты һайланым». Атайым Дауыт Исраил Аллаһы Раббыға бағышлап ҡорам төҙөргә ниәтләгәйне, – тип дауам итте Сөләймән. – Ләкин Раббы атайым Дауытҡа: «Күңелеңдә Миңә атап ҡорам төҙөргә теләгең бар. Был бик яҡшы. Әммә был ҡорамды Миңә һин түгел, ә һинән тыуған улың төҙөр», – тип әйткән. Раббы Үҙенең әйткәнен бойомға ашырҙы: мин атайым Дауыттың вариҫы булдым, Раббының һүҙе буйынса, Исраил тәхетенә ултырҙым һәм Исраил Аллаһы Раббыға бағышлап ҡорам һалдым. Шунда ата-бабаларыбыҙҙы Мысыр еренән алып сыҡҡандан һуң Раббының улар менән төҙөгән килешеүе һалынған һандыҡты урынлаштырҙым. Сөләймән Раббының ҡорбан усағы ҡаршыһында, Исраил йыйыны алдына баҫты ла ҡулдарын күккә һоноп: – Эй Исраил Аллаһы Раббы! Юғарыла – күктә лә, түбәндә – ерҙә лә Һиңә тиң булырлыҡ башҡа бер алла ла юҡ, – тине. – Һиңә бөтөн булмышы менән бирелеп, хаҡ юлыңдан йөрөгән ҡолдарыңа мәрхәмәтлеһең, улар менән төҙөгән килешеүгә тоғроһоң. Үҙ телең менән ҡолоңа, атайым Дауытҡа, әйткән һүҙеңде бөгөн Үҙ ҡулың менән ғәмәлгә ашырҙың. Инде, йә Раббым, Исраил Аллаһы, ҡолоңа, атайым Дауытҡа биргән тағы бер вәғәҙәңде үтәһәң ине. Уға: «Балаларың да һинең кеүек хаҡ юлымдан йөрөһәләр, һин Миңә хеҙмәт иткән һымаҡ хеҙмәт итһәләр, Исраил тәхетендә нәҫелең өҙөлмәҫ», – тип әйткәйнең. Эй Исраилдың Аллаһы, инде ҡолоңа – атайым Дауытҡа – әйткән һүҙҙәрең ғәмәлгә ашһа ине! Ысынын ғына әйткәндә, Алла ер йөҙөндә йәшәй буламы? Күк һынлы күктең асманы ла һыйҙыра алмаған Һинең өсөн мин һалдырған ҡорам нимә инде! Эй Раббым Аллам, бөгөн ҡолоң ҡылған доғаға, уның үтенесенә илтифат ит! Ҡолоңдоң ялбарыуына һәм доғаһына ҡолаҡ һал! Күҙҙәрең көнө-төнө бында, «Исемем ошонда төйәкләнер!» тигән ҡорамда булһын ине. Ҡолоңдоң ошо урынға ҡарап ҡылған доғаһын ишетә күр. Ошо урынға ҡарап доға ҡылған мин ҡолоңдоң һәм халҡың Исраилдың ялбарыуҙарын ишет. Күктәрҙән – Үҙ торлағыңдан тороп ишет һәм ярлыҡа! Әгәр берәү яҡынына ҡарата гонаһ ҡылыуҙа ғәйепләнһә һәм ант итер өсөн ошо ҡорамға килһә, ҡорбан усағың алдында ғәйепһеҙмен тип ант итһә, күктәрҙән ҡолаҡ һал да ҡолдарыңа хөкөмөңдө сығар: ғәйеплене яуапҡа тарттырып, ҡылғанына күрә язала, ғәйепһеҙҙең хаҡлығын күрһәт һәм хаҡлығының әжерен бир. Һиңә ҡарата эшләгән гонаһтары өсөн дошмандарынан еңелгәс, халҡың Исраил ҡабат Һинең хозурыңа боролоп ҡайтһа, исемеңде әйтеп ялбарһа, ошо ҡорамда доға ҡылып Һиңә үтенһә, күктәрҙән беҙҙе ишет тә халҡың Исраилдың гонаһын ярлыҡа һәм уларҙы ата-бабаларына Үҙең биргән илгә кире ҡайтар. Улар, Һиңә ҡаршы гонаһ ҡылған өсөн күк көпләнеп, ямғыр яумағанда, ошо урынға ҡарап доға ҡылһа, исемеңде атап ялбарһа, Һин уларҙы язалағанға күрә гонаһтарынан ваз кисһә, ҡолдарың Исраил халҡына күктәрҙән тороп ҡолаҡ һал, уларҙың гонаһын ғәфү ит. Уларға тик шунан йөрөһөндәр өсөн тоғро юлды күрһәт, халҡыңа биләмә итеп биргән тупраҡҡа ямғыр яуҙыр. Ерҙә ҡытлыҡ буламы, ҡырғын төшәме, ҡыуан елдәр иҫәме йәки үҫемлектәрҙе тут, саранча йә ҡорт баҫамы, үҙе биләгән ерҙәрҙән дошмандар ҡыҫырыҡлаймы, бәлә-ҡаза, сир-сырхау ябырыламы, халҡыңдан берәйһе йәки бөтә Исраил Һиңә мөрәжәғәт итһә, һәр кем үҙ йөрәгендәге хәсрәтен әйтеп, доға һәм ялбарыу менән ошо йортҡа табан ҡулдарын һонһа, Һин күктәрҙән – Үҙ торлағыңдан – тороп ишет һәм ярлыҡа. Ярҙам ит, һәр береһенә ҡылғандарына күрә бир, сөнки әҙәм балаларының күңелендәген бары тик Һин генә беләһең. Һин Үҙең ата-бабаларыбыҙға биргән ошо тупраҡта ғүмерҙәренең ахырынаса улар Һинән ҡурҡып һәм хөрмәт итеп йәшәһен. Әгәр халҡың Исраилдан булмаған берәй сит кеше Һинең исемең хаҡына алыҫ илдән килһә, Һинең бөйөк исемең, көсөң һәм ҡөҙрәтең тураһында ишетеп ошо ҡорамға ҡарап доға ҡылһа, Һин күктәрҙән – Үҙ торлағыңдан – тороп уға ҡолаҡ һал, бөтә үтенестәрен ғәмәл ҡыл. Донъялағы бар ҡәүемдәр, халҡың Исраил кеүек, Һинең исемеңде белһен, Һинән дәһшәтләнһен, мин төҙөгән ошо ҡорамдың Һинең исемеңә бағышланғанын белһен. Халҡың дошмандарына ҡаршы Һин күрһәткән юл менән һуғышҡа инһә һәм Һин Үҙең һайлап алған ҡалаға, мин Һиңә бағышлап төҙөгән ҡорамға боролоп Раббыға доға ҡылһа, күктәрҙән уларҙың доғаларына һәм үтенестәренә ҡолаҡ һал һәм уларҙың яҡлаусыһы бул. Һиңә ҡаршы гонаһ ҡылһалар – ә гонаһ ҡылмаған бер кеше лә юҡтыр – һәм Һин асыуланып, уларҙы дошман ҡулына тапшырһаң, әсирлеккә алған дошмандары уларҙы үҙҙәренең алыҫмы-яҡынмы иленә алып китһә, улар унда, үҙҙәрен әсиргә алғандарҙың илендә бөтөн йөрәктән тәүбәгә килһәләр, Һиңә ялбарып: «Гонаһ ҡылдыҡ, юлдан яҙҙыҡ, яуызлыҡ эшләнек», – тиһәләр, үҙҙәрен әсир иткән дошмандарының илендә ата-бабаларына Һин биргән ерҙәр, Һин һайлаған ҡала, Һинең исемеңә бағышлап мин төҙөткән йорт яғына ҡарап, Һиңә ысын күңелдән һәм бөтә йөрәктән боролоп, доға ҡылһалар, Һин күктәрҙән – Үҙ торлағыңдан – уларҙың доғаһын һәм ялбарыуын ишет тә уларҙың яҡлаусыһы бул, Һинең алда ҡылған гонаһтарын, хилаф эштәрен ярлыҡа. Халҡыңды әсир иткәндәрҙең күңелендә шәфҡәт уят, улар халҡыңа мәрхәмәтле булһын. Уларҙы, тимер иретә торған мейестән ҡотҡарғандай, Мысырҙан алып сыҡҡаныңды онотма. Улар Һинең халҡың, Һинең биләмәң. Ҡолоңдоң үтенестәренә, халҡың Исраилдың ярҙам һорап ялбарыуҙарына һәр даим ҡолаҡ һал, уларҙы тыңла. Сөнки, эй Раббы Хаким, ата-бабаларыбыҙҙы Мысырҙан алып сыҡҡан саҡта ҡолоң Муса аша еткергәнсә, донъялағы барса халыҡтар араһынан Үҙеңә биләмә итеп уларҙы һайлап алдың. Раббыға ошо доға-үтенестәрен тамамлағандан һуң, тубыҡланған килеш ҡулдарын күккә һоноп ҡорбан усағы алдында торған Сөләймән аяғөҫтө баҫты. Баҫып торған килеш көслө тауыш менән бөтә Исраил йәмғиәтенә былай тип фатиха бирҙе: – Әйткән һүҙен тотоп, халҡы Исраилға именлек биргән Раббы мөбәрәк булһын! Ҡоло Муса аша биргән вәғәҙәләренең береһе лә бушҡа сыҡманы. Аллабыҙ Раббы ата-бабаларыбыҙҙы ҡурсалаған кеүек беҙҙең менән дә бергә булһын, беҙҙе бер ваҡытта ла ташламаһын, беҙҙән айырылмаһын. Уның юлынан йөрөгәнебеҙ, ата-бабаларыбыҙға биргән бойороҡтарын, ҡағиҙәләрен һәм ҡанундарын теүәл үтәгәнебеҙ өсөн Раббы күңелебеҙҙе Үҙенә йәлеп итһен. Ҡаршыһында ялбарып һөйләгән был һүҙҙәрем көнө-төнө Аллабыҙ Раббы илтифатында булһын. Ул мин ҡолоң һәм халҡы Исраилды көнө-төнө ҡурсалап торһон. Шул саҡта донъялағы барса ҡәүемдәр белер: бары тик Раббы ғына Алла һәм Унан башҡа алла юҡ. Бөгөнгө кеүек Уның бойороҡтарына тоғро булыу, ҡағиҙәләре буйынса йәшәү өсөн, йөрәгегеҙҙе Аллабыҙ Раббыға бағышлағыҙ. Батша һәм уның менән бергә бөтә исраилдар Раббы хозурында ҡорбан салды. Сөләймән татыулыҡ ҡорбаны итеп Раббыға егерме ике мең баш үгеҙ, йөҙ егерме мең һарыҡ тәкәһе килтерҙе. Шулай итеп, батша һәм бөтә халыҡ Раббы йортон изгеләндерҙе. Шул уҡ көндө батша, Раббы йорто алдындағы ихатаның урта өлөшөн изгеләндереп, тотош яндырыу ҡорбаны, икмәк саҙаҡаһы, татыулыҡ ҡорбанының эс майын ошонда тәҡдим итте, сөнки Раббы хозурындағы баҡыр ҡорбан усағы тотош яндырыу ҡорбанын, икмәк саҙаҡаһын һәм эс майын һыйҙырып бөтә алмай ине. Аллабыҙ Раббы хозурында Сөләймән менән бергә бөтә Исраил – Лево-Хамаҫтан алып Мысыр сигендәге йылғаға тиклем йәшәгән барса халыҡ – ҙур йыйын булып ете көн байрам итте. Ете көн, унан тағы ете көнгә, йәмғеһе ун дүрт көнгә һуҙылған оло бер байрам булды. Унан һуң батша халыҡты өйҙәренә ҡайтарып ебәрҙе. Улар батшаға фатиха ҡылып, Раббының ҡоло Дауытҡа һәм Үҙенең халҡы Исраилға күрһәткән бөтә яҡшылыҡтарына һөйөнөп, бик ҡәнәғәт булып таралды. Сөләймән Раббы ҡорамын, батша һарайын һәм үҙе теләгән бөтә нәмәләрҙе һалдырып бөткәс, Раббы уға Ғивғондағы кеүек тағы бер тапҡыр күренде. Ул былай тине: – Мин һинең доғаңды, үтенесеңде ишеттем. Һин, Минең исемем мәңге шунда булһын, тип төҙөгән ошо ҡорамды һайлап изгеләндерҙем. Минең күҙҙәрем һәм йөрәгем һәр ваҡыт бында булыр. Һин дә атайың Дауыт кеүек саф күңел һәм намыҫ менән Минең юлымдан йөрөһәң, барыһын да Мин бойорғанса эшләһәң, ҡағиҙәләрем һәм күрһәтмәләремде ғәмәл ҡылһаң, атайың Дауытҡа: «Исраил тәхетендә нәҫелең өҙөлмәҫ», – тип биргән һүҙемде тотоп, батшалығыңды мәңге тотороҡло ҡылырмын. Әгәр ҙә һеҙ йәки балаларығыҙ Минән ситкә боролоп, Мин һеҙгә биргән бойороҡ һәм күрһәтмәләрҙе тотмаһағыҙ, сит илаһтарға хеҙмәт итә, уларға табына башлаһағыҙ, Үҙем биргән тупраҡтан Исраилды ҡырҡып ташлармын; исемемә бағышланып, Мин изгеләштергән ҡорамдан ваз кисермен һәм бөтә халыҡтар алдында Исраил мәсхәрәгә ҡалып, ғибрәткә әйләнер. Ә был ҡорам харабаға әйләнер һәм уның янынан үткән һәр кем аптырап, ҡурҡып: «Раббы ниңә был илде һәм ҡорамды шул хәлгә ҡалдырҙы икән?» – тип һыҙғырып ҡуйыр. Уларға: «Ата-бабаларын Мысыр еренән алып сыҡҡан Аллалары Раббынан баш тартып, башҡа илаһтарға эйәрҙеләр, шуларға табындылар һәм хеҙмәт иттеләр. Бына шуның өсөн Раббы уларға бөтә был бәлә-ҡазаларҙы күндерҙе», – тип яуап бирерҙәр. Сөләймән егерме йыл буйы ике йорт – Раббы ҡорамын һәм батша һарайын – төҙөнө. Тир батшаһы Хирам Сөләймәнгә күпме теләһә шул тиклем кедр һәм кипарис ағастары, алтын биреп торҙо. Сөләймән батша Хирамға был хеҙмәттәре өсөн Галилея ерендә егерме ҡала бирҙе. Хирам Тирҙан Сөләймән биргән ҡалаларҙы ҡарарға килде һәм уларҙы оҡшатманы. – Ошомо инде һинең миңә биргән ҡалаларың, ҡустым? – тип ҡәнәғәтһеҙлеген белдерҙе лә был төбәкте Кавул тип атаны. Ул бөгөнгә тиклем шулай йөрөтөлә. Шунан Хирам Сөләймән батшаға йөҙ егерме талант алтын ебәрҙе. Сөләймән Раббы ҡорамын, үҙенең һарайын, шулай уҡ Миллоны – Йәрүсәлим диуарын, Хасорҙы, Мегиддоны һәм Гәзәрҙе төҙөү өсөн халыҡты мәжбүри эшкә йәлеп итте. Элек фирғәүен, Мысыр батшаһы, Гәзәргә һөжүм иткәйне. Яулап алғас, ҡаланы яндырҙы, унда йәшәгән ҡәнғәниҙәрҙе ҡырҙы. Аҙаҡтан уны, үҙенең ҡыҙы Сөләймәнгә кейәүгә сыҡҡанда, туй мәһәре итеп бирҙе. Сөләймән Гәзәрҙе лә ҡайтанан төҙөнө. Түбәнге Бейт-Хоронды, Бағалаҫты, сүллектәге Тамарҙы төҙөкләндерҙе. Шулай уҡ кәрәк-яраҡ һаҡлай торған келәттәр, яу арбалары менән аттар тора торған бөтә ҡалаларҙы һалдырҙы. Йәрүсәлимдә һәм Ливанда, үҙе хакимлыҡ иткән бөтә ерҙә нимә теләй, шуларҙы тотош төҙөтөп бөттө. Илдә исраилдарҙан булмаған башҡа халыҡтар – әмөри, хитти, перизи, хиууи һәм йевусиҙәр тоҡомона килгәндә, Сөләймән исраилдар тулыһынса ҡырып бөтмәгән һәм илдә ҡалған был халыҡтарҙың тоҡомдарын мәжбүри эшселәр итте. Был хәл бөгөнгө көнгә тиклем шулай. Ә исраилдарҙы Сөләймән ҡолға әйләндермәне. Улар батшаға һуғышсылар, ярандар, түрәләр, ғәскәр башлыҡтары, яу арбаларында һәм атлы ғәскәрендә башлыҡ булараҡ хеҙмәт итте. Сөләймәндең төҙөлөш эштәренә һәм унда ҡатнашҡан халыҡҡа етәкселек итеүсе биш йөҙ илле мөдире бар ине. Фирғәүендең ҡыҙы Дауыт ҡалаһынан Сөләймән уның өсөн һалдырған яңы һарайға күсте. Шунан һуң батша Миллоны төҙөкләндерҙе. Сөләймән Раббыға бағышлап төҙөгән ҡорбан усағында йылына өс тапҡыр тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандары килтерҙе, Раббы хозурында хуш еҫ төтәтте. Шулай итеп, Сөләймән Алла ҡорамын төҙөүҙе тамамланы. Сөләймән батша Эдом ерендә, Ҡамышлы диңгеҙ буйында, Элаҫ эргәһендәге Ғәсйон-Ғәвәрҙә караптар эшләтте. Хирам үҙенең тәжрибәле диңгеҙселәрен Сөләймәндең кешеләре менән бергә караптарҙа ебәрҙе. Улар Офирға барып, Сөләймән батшаға дүрт йөҙ егерме талант алтын алып ҡайтып бирҙе. Шева батшабикәһе Сөләймәндең Раббы исеме арҡаһында ҡаҙанған шөһрәте тураһында ишетеп, уны табышмаҡтар менән һынарға килде. Ул бик күп ярандары оҙатыуында Йәрүсәлимгә килеп төштө; дөйәләре хуш еҫле май, ғәләмәт күп алтын, аҫылташтар артмаҡлағайны. Батшабикә Сөләймәнгә килде һәм үҙен ҡыҙыҡһындырған бөтә нәмәләр тураһында ла әңгәмәләште. Сөләймән уның бөтә һорауҙарына ла яуап бирҙе. Батша белмәгән һәм аңлатып бирә алмаған бер генә нәмә лә булманы. Шева батшабикәһе Сөләймәндең сикһеҙ аҡылын, һалдырған һарайын, табынындағы зиннәтле ризыҡтарҙы, ярандарының ни рәүешле ултырыуын, матур итеп кейенгән хеҙмәтселәренең һәм шарап ҡойоусыларының үҙҙәрен тотошон, Раббы ҡорамында килтерелгән тотош яндырыу ҡорбандарын күреп, һушы-аҡылы китте. – Һинең ҡылған ғәмәлдәрең һәм зирәк аҡылың тураһында үҙ илемдә ишеткәндәрем дөрөҫ булып сыҡты, – тине ул батшаға. – Килеп үҙ күҙҙәрем менән күргәнгә тиклем, был хәбәрҙәргә бик ышанып та етмәгәйнем. Баҡһаң, миңә һинең ҡаҙаныштарыңдың яртыһын да һөйләмәгәндәр икән. Аҡылың да, мал-мөлкәтең дә мин ишеткәндәгегә ҡарағанда күпкә артығыраҡ. Ҡайһылай бәхетле һинең кешеләрең, был хеҙмәтселәрең! Улар гелән яныңда булып, бөтә хикмәттәреңде ишетә-күрә йөрөйҙәр. Һиңә илтифат менән ҡараған, Исраил тәхетенә батша итеп ултыртҡан Аллаң Раббы мөбәрәк булһын! Раббы Исраилға булған мәңгелек тоғро мөхәббәте хаҡына, хаҡ хөкөм ҡылһын, ғәҙеллекте яҡлаһын, тип һине батша итеп ҡуйған. Шева батшабикәһе Сөләймәнгә йөҙ егерме талант алтын, күп итеп хуш еҫле май, аҫылташтар алып килгәйне. Ул батшаға бүләк иткән тиклем еҫле майҙың Исраилға быға тиклем бер ваҡытта ла килтерелгәне юҡ ине. Шул осорҙа Хирамдың караптары Офирҙан алтын менән бергә бик күп затлы ағас, аҫыл таштар алып ҡайтты. Батша был затлы ағастан Раббы ҡорамына һәм дә батша һарайына болдор тотҡалары, йырсылар өсөн арфа һәм лиралар яһатты. Быға саҡлы шул тиклем күп затлы ағастың килтерелгәне лә, күрелгәне лә юҡ ине. Сөләймән батша Шева батшабикәһенә үҙе биргән затлы бүләктәр һәм мул күстәнәстәрҙән тыш, йәне нимә теләй, шуларҙың барыһын да бирҙе. Шунан һуң батшабикә хеҙмәтселәре менән үҙ иленә ҡайтып китте. Йыл һайын Сөләймәнгә алты йөҙ алтмыш алты талант алтын килтерелә торғайны. Бынан тыш һатыусыларҙан, сауҙагәрҙәрҙән, Ғәрәбстан ерендәге бөтә батшаларҙан, Исраилдың өлкә башлыҡтарынан да килем алынды. Сөләймән батша ике йөҙ ҙур ҡалҡан яһатты һәм уларҙың һәр береһен алты йөҙ шекел сүкелгән алтын менән көпләтте. Бынан башҡа һәр береһенә өсәр мина сүкелгән алтын тотоноп, өс йөҙ бәләкәйерәк ҡалҡан эшләтте. Батша был ҡалҡандарҙы «Ливан урманы йорто» тип аталған һарайға ҡуйҙы. Шулай уҡ батша фил һөйәгенән ҙур тәхет яһатты һәм уны тап-таҙа алтын менән көпләтте. Тәхеттең баҫҡыстары алтау, артҡы һөйәнгесенең юғары өлөшө түңәрәкләнеп тора. Ултырғысының ике яғында терһәк ҡуйғыс бар, терһәк ҡуйғыстар янында берәр арыҫлан һыны ҡуйылған. Һәр бер баҫҡыстың ике яғында берәр арыҫлан һыны булып, тәхеттең алты баҫҡысында йәмғеһе ун ике арыҫлан тора. Бер генә батшалыҡта ла бындай тәхеттең булғаны юҡ ине. Сөләймән батшаның бөтә туҫтаҡтары алтындан, «Ливан урманы йорто» тип аталған һарайындағы һауыттарҙың барыһы ла саф алтындан яһалғайны, көмөш бөтөнләй тотонолманы, сөнки Сөләймән заманында көмөш ҡәҙерһеҙ бер нәмәгә әйләнгәйне. Диңгеҙҙә Хирамдың караптары менән бергә Сөләймәндең дә Таршиш караптары бар ине. Өс йылға бер тапҡыр был караптар алтын, көмөш, фил һөйәге, маймылдар һәм тауис ҡоштар алып ҡайта торған булды. Сөләймән үҙенең байлығы һәм аҡылы менән донъялағы бөтә батшаларҙан да өҫтөнөрәк ине. Сөләймәндең зиһененә Алла иңдергән аҡылды тыңлар өсөн бөтә донъя уны күрергә атлығып тора ине. Уларҙың һәр ҡайһыһы бүләк итеп көмөш һәм алтын һауыттар, кейем-һалым, ҡорал һәм хуш еҫле майҙар, аттар һәм ҡасырҙар килтерер булды, йылдың-йылына шулай дауам итте. Сөләймән яу арбалары, һыбайлылар йыйҙы. Уның бер мең дүрт йөҙ яу арбаһы менән ун ике мең һыбайлыһы бар ине. Ул быларҙы яу арбалары өсөн тәғәйенләнгән ҡалаларға һәм Йәрүсәлимдә үҙе эргәһенә урынлаштырҙы. Сөләймән батшалыҡ иткән осорҙа Йәрүсәлимдә көмөш ябай бер таш кеүек кенә ҡалды. Кедр ағасы иһә Шефелала үҫкән ҡырағай инжир ағасы һымаҡ күп булды. Аттарҙы Сөләймәнгә Мысырҙан һәм Ҡәүиҙән килтерҙеләр. Батша сауҙагәрҙәре уларҙы Ҡәүиҙән аҡсаға һатып алды. Һәр бер яу арбаһын Мысырҙан алты йөҙ шекел, ә атты йөҙ илле шекел көмөшкә алып ҡайталар ҙа аҡса эшләр өсөн хиттиҙәр менән арамиҙарҙың батшаларына һаталар ине. Сөләймән батша, фирғәүендең ҡыҙынан башҡа, бик күп сит ҡәүем ҡатындарын да яратты. Улар араһында моав, ғаммон, эдом, сидон, хитти ҡыҙҙары ла бар ине. Раббы исраилдарға был ҡәүемдәр тураһында: «Уларҙан ҡыҙ алмағыҙ һәм уларға ҡыҙ бирмәгеҙ, юғиһә улар, күңелегеҙҙе аҙҙырып, үҙ илаһтары артынан эйәртер», – тигәйне. Сөләймән бына шулар менән бәйләнде. Сөләймәндең батша ҡыҙҙарынан алған ете йөҙ ҡатыны һәм өс йөҙ йәриәһе бар ине. Бына шул ҡатындар уны юлдан яҙҙырҙы ла инде. Сөләймән өлкәнәйгәс, ҡатындары уны башҡа илаһтар артынан әйҙәне. Шуға күрә батша, атаһы Дауыттан айырмалы рәүештә, үҙенең Аллаһы Раббыға бар булмышы менән тоғро булманы. Сөләймән Сидон халҡының алиһәһе Ғаштореҫҡа ла, ғаммондарҙың ерәнгес илаһы Милкомға ла ғибәҙәт ҡыла башланы. Шул рәүешле ул Раббы күҙендә яман булғанды эшләне, Раббыға тоғро ҡалған атаһы Дауыт кеүек булманы. Сөләймән Йәрүсәлимдең көнсығышындағы тауҙа Моавтың ерәнгес илаһы Кемош менән ғаммондарҙың ерәнгес илаһы Мөләхкә табыныу ҡалҡыулыҡтары төҙөттө. Илаһтарына хуш еҫ төтәтһен, ҡорбан килтерә алһын өсөн бөтә ят бауыр ҡатындарына ла шундай табыныу урындары булдырҙы. – Минең менән килешеүҙе тотмаған, ҡушҡандарымды тыңламағанға күрә батшалығыңды тартып алам да ҡолдарыңдың береһенә бирәм. Әммә атайың Дауыт хаҡына, быны һин йәшәгән дәүерҙә түгел, улың батша булғас эшләйәсәкмен. Әммә батшалыҡты тотош алмайым. Ҡолом Дауыт һәм Үҙем һайлап алған Йәрүсәлим ҡалаһы хаҡына улыңа бер ырыуҙы ҡалдырам, – тине. Раббы Эдом батшалары тоҡомонан булған Һададты Сөләймәнгә дошман итте. Ҡасандыр элек, Дауыт эдомдар менән һуғышҡанда, ғәскәр башлығы Йоав мәйеттәрҙе ерләргә килгәйне һәм илдәге барлыҡ ир-егеттәрҙе ҡырғайны. Йоав менән Исраил яугирҙәре Эдомда алты ай була һәм барлыҡ ир енесен үлтерә. Ул ваҡытта бала ғына булған Һадад, атаһына хеҙмәт иткән бер нисә Эдом кешеһе менән Мысырға ҡаса. Улар Мидйәндән китеп, башта Паранға килә. Шунан үҙҙәренә ҡушылған бер нисә кешене эйәртеп, Мысыр батшаһы фирғәүенгә баралар. Фирғәүен Һададҡа йорт, ер бирә, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә. Һадад фирғәүендең хөрмәтен ҡаҙана. Шуға күрә Мысыр батшаһы уны үҙенең ҡатыны Тахпенестың һеңлеһенә өйләндерә. Тахпенестың һеңлеһе Һададҡа Генуваҫ исемле малай табып бирә. Фирғәүен ҡатыны Тахпенес был баланы һарайҙа үҙ балалары менән бергә тәрбиәләй. Дауыт батшаның ата-бабалары хозурына күскәнен, уның ғәскәр башлығы Йоавтың да үлгәнен ишеткәс, Һадад фирғәүенгә: – Миңә үҙ илемә ҡайтырға рөхсәт бирһәң ине, – тип мөрәжәғәт итте. – Илемә ҡайтам, тиһең, нимә минең янымда берәй нәмәгә мохтажлығың бармы әллә? – тип һораны унан фирғәүен. – Юҡ, – тип яуапланы Һадад. – Тик мине үҙ илемә ебәр инде. Алла Әлъядағ улы Резонды ла Сөләймәнгә ҡаршы ҡуйҙы. Резон үҙенең хужаһы Сова батшаһы Һададғәзәрҙән ҡасып китеп, эргәһенә төрлө енәйәтсел бәндәләрҙе туплай һәм шуларҙың башлығы булып ала. Дауыт Һададғәзәрҙе тар-мар иткәндән һуң, улар Дамаскка барып урынлаша һәм Резонды тәхеткә ултырта. Резон Сөләймән дәүерендә Исраилдың дошманы булды. Ул Арам иленә идара итте һәм, Һадад ҡылған яуызлыҡтарға өҫтәп, Исраилға хаслыҡ ҡылырға тырышты. Сөләймәнгә ҡаршы баш күтәреүселәрҙең береһе – Әфраим ырыуының Середа ҡалаһынан Неват улы Яровғам иһә ҡасандыр батшаның яраны була торғайны. Уның атаһы Неват ул ваҡытҡа мәрхүм булһа ла, әсәһе Серуға иҫән ине. Яровғамдың батшаға ҡаршы фетнә күтәреүенең сәбәбе былай: Сөләймән Миллоны төҙөтөп, атаһы Дауыт ҡалаһында диуарҙағы ярыҡтарҙы төҙәттергән саҡ ине. Яровғам иһә ифрат ҡаһарман булыуы менән танылғайны. Сөләймән был йәш егеттең булдыҡлылығын күреп, Йософ ырыуының бөтә мәжбүри эштәрҙе башҡарыусыларына етәксе итеп тәғәйенләне. Бер мәл Яровғам, Йәрүсәлимдән сығып, юл буйлап китеп барғанда, ҡаршыһына Шилонан Ахияһ пәйғәмбәр осраны. Ахияһ пәйғәмбәр яңы ябынса кейеп алғайны. Ул ерҙә икәүһенән башҡа бер кем дә юҡ ине. Ахияһ көтмәгәндә өҫтөндәге өр-яңы кейемен сисеп, ун ике өлөшкә йыртты. Шунан Яровғамға: – Ун өлөшөн үҙеңә ал, – тине. – Сөнки Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Мин батшалыҡты Сөләймәндең ҡулынан тартып алам да ун ырыуҙы һиңә бирәм. Әммә ҡолом Дауыт хаҡына һәм бөтә Исраил ырыуҙары йәшәгән ҡалалар араһынан Үҙемә һайлап алған Йәрүсәлим хаҡына уға бер ырыуҙы ҡалдырам. Улар Минән йөҙ сөйөрҙө, Сидон алиһәһе Ғаштореҫҡа, Моав илаһы Кемошҡа, Ғаммон илаһы Милкомға табындылар. Сөләймәндең атаһы Дауыт кеүек йәшәмәйенсә, Минең юлымдан тайпылдылар, Минең күҙемдә яҡшы булған ғәмәлдәр ҡылманылар, ҡанундарымды тотманылар, бойороҡтарымды үтәмәнеләр, Мине ташланылар. Әммә бойороҡтарыма һәм ҡағиҙәләремә тоғро ҡалған һәм Үҙем һайлап алған ҡолом Дауыт хаҡына Сөләймәндең ҡулынан батшалыҡты тотош тартып алмайым. Үҙе тере саҡта тәхет унда ҡалыр. Батшалыҡты иһә уның улынан тартып алып һиңә тапшырырмын: ун ырыуҙы һиңә бирермен. Шулай ҙа исемемде төйәкләндерер өсөн Үҙемә һайлап алған Йәрүсәлим ҡалаһында, Минең хозурымда ҡолом Дауыттың шәме һәр ваҡыт янып торһон тип, бер ырыуҙы Сөләймәндең улына ҡалдырам. Мин һине Исраилдың батшаһы итәм, йәнең теләгәндең барыһына ла хакимлыҡ итерһең. Әгәр ҙә һин ҡолом Дауыт кеүек әйткәндәремде еренә еткереп үтәһәң, ҡанундарымды һәм бойороҡтарымды ғәмәлгә ашырһаң, Минең күҙ алдымда дөрөҫ булған эштәрҙе башҡарһаң, юлымдан йөрөһәң, һинең менән булырмын, Исраилды һиңә биреп, һинең йортоңдо, Дауыттың йорто һымаҡ, мәңгегә батша йорто итермен. Дауыт нәҫелен Сөләймәндең гонаһтары арҡаһында язалайым, әммә мәңгелеккә түгел». Сөләймән Яровғамды үлтерергә ниәтләне, әммә тегеһе ҡасып китте һәм Мысыр батшаһы Шишаҡҡа барып һыйынды. Яровғам Сөләймән үлгәнгә тиклем шунда йәшәне. Сөләймән батшалыҡ иткән замандарҙа булған башҡа хәлдәр, уның башҡарған эштәре һәм аҡылы тураһында «Сөләймәндең йылъяҙмаһы» китабында яҙылған. Сөләймәндең Йәрүсәлимдә бөтә Исраилға батшалыҡ иткән дәүере – ҡырҡ йыл. Сөләймән вафат булып, ата-бабалары хозурына күскәс, атаһы Дауыт ҡалаһында ерләнде. Уның урынына тәхеткә улы Рехавғам ултырҙы. Рехавғам Шәхәмгә юлланды, сөнки бөтә исраилдар, уны үҙҙәренең батшаһы тип иғлан итер өсөн, шунда йыйылғайны. Был хәбәр Сөләймән батшанан ҡасып киткән һәм Мысырҙа йәшәгән Яровғам Неват улына ла ишетелде. Исраилдар, кеше ебәреп, Яровғамды саҡырып алдылар. Шунан Яровғам менән бөтә Исраил йәмғиәте бергә Рехавғам янына килеп былай тине: – Атайың яурындарыбыҙға ауыр йөк һалды. Инде һин михнәтебеҙҙе еңеләйт, беҙҙе ҡалыптан ҡотҡар, шул сағында беҙ һиңә хеҙмәт итербеҙ. – Әлегә ҡайтығыҙ, – тине Рехавғам уларға, – өс көндән килерһегеҙ. Халыҡ таралды. Рехавғам батша атаһы Сөләймән иҫән саҡта уға хеҙмәт иткән аҡһаҡалдарҙан: – Ниндәй кәңәш бирерһегеҙ, был халыҡҡа нисек яуап ҡайтарырға? – тип һораны. Аҡһаҡалдар уға: – Әгәр ҙә һин был халыҡҡа бөгөн ҡол булып, уға хеҙмәт күрһәтһәң, уларға яуап биргәндә яҡшы һүҙеңде йәлләмәһәң, улар ғүмер буйы һинең ҡолоң булыр, – тине. Әммә Рехавғам аҡһаҡалдарҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалманы һәм үҙе менән бергә үҫкән, әле янында булған ҡорҙаштары менән кәңәшләште. Батша уларҙан: – «Атайың яурындарыбыҙға һалған ауыр йөктө еңеләйт», – тигән был халыҡҡа нисек яуап ҡайтарайым? Һеҙ ниндәй кәңәш бирерһегеҙ? – тип һораны. Ҡорҙаштары уға: – «Атайың яурындарыбыҙға ауыр йөк һалды, инде һин уны еңеләйт», – тигәндәргә: «Минең сәтәкәй бармағым атайымдың биленән йыуаныраҡ. Әгәр атайым һалған йөк ауыр булһа, Мин уны тағы ла арттырырмын, Атайым һеҙҙе сыбыртҡы менән ярған булһа, Мин ҡамсы менән ҡайыҙлармын», – тип әйтергә кәңәш бирҙе. Батшаның: «Өс көндән килерһегеҙ», – тигән һүҙе буйынса, Яровғам менән бөтә халыҡ өс көндән һуң Рехавғамға барҙы. Батша халыҡҡа ҡолаҡ һалманы, сөнки Раббы ихтыяры менән шулай булырға тейеш ине. Раббының Неват улы Яровғамға Шило Ахияһы аша еткергән һүҙе бойомға ашһын өсөн шулай булды. Батшаның үҙҙәрен тыңламағанын күргәс, бөтә исраилдар уға: – Дауыт менән ниндәй уртаҡлығыбыҙ бар беҙҙең? Ишай улының биләмәһендә беҙҙең өлөшөбөҙ юҡ! Эй Исраил халҡы, әйҙәгеҙ таралышайыҡ! Дауыт йорто инде үҙ нәҫелен генә ҡараһын! – тинеләр ҙә өйҙәренә ҡайтып киттеләр. Рехавғам Йәһүҙә ҡалаларында йәшәгән исраилдарға ғына батша булып ҡалды. Рехавғам батша мәжбүри эшләүселәр өҫтөнән күҙәтсе булған Адонирамды ебәргәйне, исраилдар уны таш бәреп үлтерҙе. Рехавғам тиҙ генә яу арбаһына менеп ултырып, Йәрүсәлимгә ҡасып өлгөрҙө. Әлегәсә Исраилдың төньяҡ ырыуҙары Дауыт йортона буйһонмай. Яровғамдың ҡайтҡанын ишетеп, халыҡ уны йыйынға саҡырҙы һәм Исраилға батша итеп ҡуйҙы. Дауыт нәҫеленә бары тик Йәһүҙә ырыуы ғына ҡалды. Йәрүсәлимгә ҡайтҡас, Рехавғам Йәһүҙә һәм Бинйәмин ырыуҙарынан йөҙ һикһән мең һайланма яугир тупланы. Улар Исраилға яу менән барырға һәм Сөләймән улы Рехавғамға батшалыҡты ҡайтарып бирергә тейеш ине. Ләкин Алла бәндәһе Шемағъяһҡа Раббы былай тип белдерҙе: – Йәһүҙә батшаһы Рехавғам Сөләймән улына, бөтә Йәһүҙә һәм Бинйәмин ырыуҙарына, ҡалған халыҡҡа әйт. Раббы былай ти: «Туғандарығыҙ Исраил халҡына ҡаршы һуғышҡа бармағыҙ. Өйҙәрегеҙгә таралышығыҙ, сөнки һуңғы ваҡиғалар Минең ихтыярым буйынса эшләнде». Улар Раббының әйткәнен тыңланы һәм Уның ҡушыуы буйынса ҡайтып китте. Яровғам Әфраим таулығындағы Шәхәм ҡалаһында нығытмалар төҙөттө һәм шунда йәшәй башланы. Һуңыраҡ унан китеп Пенуил ҡалаһын төҙөнө. Яровғамдың башына: «Батшалыҡтың ҡабаттан Дауыт нәҫеленә күсеүе ихтимал, – тигән уй килде. – Әгәр был халыҡ Йәрүсәлимгә барып, Раббы ҡорамында ҡорбан салырға йөрөһә, күңелдәре менән ҡабат хакимдарына, Йәһүҙә батшаһы Рехавғамға, боролор. Мине үлтереп, яңынан Рехавғамға барырҙар». Ярандары менән кәңәшләшкәндән һуң, Яровғам алтындан ике үгеҙ башмаҡ һыны ҡойҙорҙо һәм халыҡҡа: – Бүтәнсә ғибәҙәт ҡылыр өсөн Йәрүсәлимгә йөрөүҙең кәрәге юҡ, – тип иғлан итте. – Эй Исраил, һине Мысыр еренән алып сыҡҡан аллалар бына ошо. Был алтын башмаҡтарҙың береһен Бейт-Илгә, икенсеһен Данға ҡуйҙырҙы. Был хәл ауыр гонаһҡа килтерҙе. Халыҡ башмаҡ һынына ғибәҙәт ҡылыр өсөн Данға тиклем барып етә торған булды. Шулай уҡ Яровғам табыныу ҡалҡыулыҡтарында ғибәҙәтханалар төҙөттө. Унда халыҡ араһынан левиҙәрҙән булмаған кешеләрҙе ҡаһин итеп ҡуйҙы. Яровғам һигеҙенсе айҙың ун бишенсе көнөн, Йәһүҙәлә үткәрелә торған байрамға оҡшатып, байрам тип иғлан итте. Бейт-Илдә үҙе яһатҡан үгеҙ башмаҡ һындарына бағышлап ҡорбан салдырҙы. Бейт-Илдәге үҙе эшләткән табыныу ҡалҡыулыҡтарына ҡаһиндар билдәләне. Шулай итеп, ул үҙе тәғәйенләгән ваҡытта – һигеҙенсе айҙың ун бишенсе көнөндә Исраил халҡы өсөн байрам үткәрҙе һәм хуш еҫ төтәтеү өсөн Бейт-Илдә төҙөткән ҡорбан усағына күтәрелде. Яровғам хуш еҫ төтәтмәк булып ҡорбан усағы янында торған саҡта, бер Алла бәндәһе Раббы ҡушыуы буйынса Йәһүҙәнән Бейт-Илгә килде. Ул Раббы бойороғо буйынса ҡорбан усағына: – Эй усаҡ, усаҡ! Раббы былай ти: «Дауыт нәҫелендә Йошияһ исемле бер ир бала тыуыр. Ул әле һиндә хуш еҫ төтәткән, табыныу ҡалҡыулыҡтарында хеҙмәт иткән ҡаһиндарҙың үҙҙәрен һинең өҫтөңдә ҡорбанға килтерер һәм һиндә кеше һөйәктәре яндырылыр», – тип белдерҙе. Ошо көндө Алла бәндәһе үҙенең һүҙҙәрен билдә менән раҫлап былай тине: – Был һүҙҙәрҙең Раббы тарафынан әйтелеүенең билдәһе шул булыр: ҡорбан усағы сатнар һәм эсендәге көлө ергә түгелер. Яровғам батша Алла бәндәһенең Бейт-Илдә ҡорбан усағы хаҡында әйткәндәрен ишетеп, ҡулын ҡорбан усағынан алып уға табан һуҙҙы ла: – Тотоғоҙ уны! – тип бойорҙо. Шул саҡ уның Алла бәндәһенә һуҙылған ҡулы ҡатып ҡалды, кире бөгөлмәне. Тап шул мәлдә Раббының Алла бәндәһе аша әйткән һүҙҙәре бойомға ашты: ҡорбан усағы сатнаны һәм көлө ергә түгелде. Яровғам батша Алла бәндәһенә: – Зинһар тип әйтәм, минең өсөн доға ҡыл. Аллаң Раббынан һора, ҡулым элекке хәленә ҡайтһын, – тип ялынды. Алла бәндәһе доға ҡылғайны, батшаның ҡулы әүәлге хәленә килеп, бөгә ала башланы. – Әйҙә минең өйөмә барайыҡ, тамағыңа ашарһың, – тине батша Алла бәндәһенә. – Һиңә бүләк бирермен. – Хатта ярты батшалығыңды бирәм тиһәң дә бармайым, был ерҙә икмәк тә ашамайым, һыу ҙа эсмәйем, – тип яуапланы Алла бәндәһе. – Сөнки Раббы миңә: «Унда икмәк ашама, һыу эсмә, барған юлыңдан ҡайтма», – тип бойорҙо. Шулай тигәндән һуң, Алла бәндәһе Бейт-Илгә килгән юлынан түгел, икенсе яҡтан китеп барҙы. Ул осорҙа Бейт-Илдә өлкән йәштәге бер пәйғәмбәр йәшәй ине. Уның улдары ҡайтып атаһына Алла бәндәһенең ул көндө Бейт-Илдә нимә эшләгәнен, батшаға әйткән һүҙҙәрен бәйнә-бәйнә һөйләп бирҙе. – Ул ҡайһы юлдан китте? – тип һораны аталары. Улдары Йәһүҙәнән килгән Алла бәндәһе киткән юлды күрһәтте. – Ишәгемде эйәрләгеҙ! – тине ул улдарына. Ишәген эйәрләп менеп, Алла бәндәһе артынан китте. Уны юл буйындағы имән ағасы аҫтында ултырған сағында ҡыуып етте. – Йәһүҙәнән килгән Алла бәндәһе һин булаһыңмы? – тип һораны. – Мин булам, – тип яуапланы тегеһе. – Әйҙә өйөмә барайыҡ, тамағыңа ашап алырһың, – тине пәйғәмбәр. – Юҡ, мин һинең менән кире бара, өйөңә инә алмайым, – тине Алла бәндәһе. – Бында һинең менән бергә икмәгеңде ашай, һыуыңды эсә алмайым. Сөнки Раббы миңә: «Унда икмәк ашама, һыу эсмә, барған юлыңдан ҡайтма», – тип бойорҙо. Быға ҡаршы ҡарт: – Мин дә һинең кеүек пәйғәмбәрмен, – тип яуапланы. – Фәрештә миңә Раббының ошо һүҙҙәрен еткерҙе: «Уны өйөңә алып ҡайт, тамағына ашаһын, һыу эсһен», – тине. Ул шулай тип алданы. Ә Алла бәндәһе кире боролоп уның өйөнә барҙы, икмәк ашаны, һыу эсте. Улар табын артында ултырған саҡта Алла бәндәһен юлынан борған пәйғәмбәргә Раббы һүҙе иңде. Ул Йәһүҙәнән килгән Алла бәндәһенә былай тип белдерҙе: – Раббы былай ти: «Раббының әйткәнен тыңламаның, Аллаң Раббының бойороғон үтәмәнең. Кире боролдоң, Мин һиңә икмәк ашама, һыу эсмә, тип әйткән ерҙә тәғәм йыйҙың. Шуға күрә мәйетең ата-бабаларыңдың төрбәһенә дәфен ҡылынмаясаҡ». Ашап-эскәндән һуң, ҡарт пәйғәмбәр Алла бәндәһенә ишәген эйәрләп бирҙе. Юлда китеп барғанда Алла бәндәһенең ҡаршыһына бер арыҫлан килеп сыҡты ла уны үлтерҙе. Ерҙә ятҡан мәйетенең бер яғында ишәк, икенсе яғында арыҫлан баҫып тора ине. Юлдан үтеп барған кешеләр ерҙә ятҡан мәйетте һәм уның янында торған арыҫланды күреп, ҡарт пәйғәмбәр йәшәгән ҡалаға барып һөйләне. Алла бәндәһен юлынан кире борған пәйғәмбәр был хаҡта ишетеп: – Раббының әйткәнен тотмаған Алла бәндәһе ул, – тине. – Шуның өсөн Раббы уға ҡаршы арыҫлан ебәргән һәм арыҫлан уны талап үлтергән. Шулай итеп Раббының әйткән һүҙе бойомға ашты. Шунан ул улдарына ишәк эйәрләргә ҡушты. Әҙер булғас, ишәккә менде лә мәйетте эҙләп китте. Ишәк менән арыҫлан һаман да Алла бәндәһенең кәүҙәһе янында баҫып тора, арыҫлан мәйетте лә ашамаған, ишәккә лә ҡағылмаған ине. Пәйғәмбәр Алла бәндәһенең мәйетен ишәгенең арҡаһына артмаҡланы ла, уның өсөн йәш түгер һәм ерләр өсөн, ҡалаға алып ҡайтты. Мәйетте үҙенең төрбәһенә дәфен ҡылды. – Эй туғаным, – тип уны йәлләп иланы. Алла бәндәһен дәфен ҡылғандан һуң, улдарына: – Үлгәндән һуң, мине лә Алла бәндәһе янына ҡуйығыҙ, һөйәктәре эргәһенә минең һөйәктәремде лә һалығыҙ, – тине. – Сөнки уның Бейт-Илдәге ҡорбан усағына һәм Самария ҡалаларындағы табыныу ҡалҡыулыҡтарындағы ғибәҙәтханаларға ҡаршы Раббы бойороғо буйынса әйткәндәренең барыһы ла бойомға ашасаҡ. Ошо ваҡиғаларҙан һуң да Яровғам яман юлын ташламаны. Һаман халыҡ араһынан кемде тура килә, шуны табыныу ҡалҡыулыҡтарына ҡаһин итеп бағышлауын дауам итте: кем теләй, шул ҡаһин булып китте. Был гонаһ Яровғам йортон һәләкәткә килтереүгә, нәҫелен ер йөҙөнән ҡоротоуға сәбәп булды. Шул осорҙа Исраил батшаһы Яровғамдың улы Авияһ ауырып китте. Яровғам ҡатынына: – Бар, батша ҡатыны булғаныңды белдермәҫлек итеп кейен дә Шилоға бар. Унда ошо халыҡтың батшаһы буласағым тураһында күрәҙәлек иткән Ахияһ пәйғәмбәр булыр. Уға ун икмәк, ҡабартма, бер сүлмәк бал ал. Ул һиңә балаға ни буласағын әйтер, – тине. Яровғамдың ҡатыны ире әйткәнсә эшләне, Шилоға, Ахияһтың өйөнә китте. Ахияһ бик ныҡ ҡартайғайны инде, күҙҙәре бөтөнләй күрмәй башлағайны. Раббы Ахияһҡа: – Оҙаҡламай танымаҫлыҡ итеп кейенеп Яровғамдың ҡатыны килер. Ауырыған улы тураһында һорашыр. Һин уға шулай-шулай тип әйтерһең, – тип алдан хәбәр итеп ҡуйғайны. Ахияһ ишектән кергән ҡатындың аяҡ тауышын ишетеп: – Әйҙүк, Яровғам ҡатыны, – тип өндәште. – Нишләп кемлегеңде йәшерергә булдың? Минең һиңә бик насар хәбәрем бар. Яровғамға ҡайтып әйт, Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Мин һине халыҡ араһынан айырып алып, халҡым Исраилға етәксе итеп ҡуйҙым. Батшалыҡты Дауыт нәҫеленән тартып алып һиңә бирҙем. Әммә һин бойороҡтарымды үтәгән, бөтөн булмышы менән Миңә бирелгән, күҙ алдымда дөрөҫ ғәмәлдәр ҡылған Дауытҡа оҡшамағанһың. Һин үҙеңә тиклем булғандарҙың барыһына ҡарағанда ла күберәк яман эштәр ҡылдың. Минән баш тарттың һәм үҙеңә башҡа илаһтар яһап, алтындан ҡойолма илаһтар яһатып, асыуыма тейҙең. Бына шуның өсөн Яровғамдың ғаиләһенә һәләкәт ебәрәм һәм, ир затынан булғандарҙың иреклеһен дә, ҡолон да юҡ итеп, тиҙәкте яндырған шикелле, Исраилды Яровғам нәҫеленән таҙартам. Яровғамдың ғаиләһенән ҡалала үлеп ҡалғандарын эттәр ашар, ҡырҙа үлгәндәре ҡоштарға емтек булыр». Раббы һиңә бына шулай тип әйтергә ҡушты. Һиңә килгәндә инде, бар, өйөңә ҡайт. Ҡалаға аяҡ баҫыуың булыр, балаң үлер. Уны бөтә Исраил халҡы йәш түгеп оҙатыр. Әммә Яровғам ғаиләһенән бары ул ғына ҡәбергә инер, сөнки Исраил Аллаһы Раббы Яровғам нәҫеленән бары шул балала ғына яҡшы нәмә тапты. Раббы Исраилға икенсе бер батша ҡуясаҡ. Ул батша шул көндө үк Яровғам нәҫелен ҡырып бөтөрәсәк. Ҡасанмы? Оҙаҡламай. Раббы Исраилды язаға тарттырыр һәм Исраил халҡы һыуҙа ҡалтыранған ҡамыш кеүек булыр. Раббы уларҙы аталарына биргән был уңдырышлы тупраҡтан йолҡоп алып, Евфрат йылғаһының аръяғына таратыр, сөнки улар Ашера хөрмәтенә ҡолғалар ҡуйып, Раббыны асыуландырҙылар. Яровғамдың гонаһ ҡылғаны һәм Исраил халҡын гонаһҡа батырғаны өсөн, Раббы Исраилды ташлаясаҡ. Яровғамдың ҡатыны Тирсаға ҡайтып китте. Өйөнөң тупһаһын аша атлап инеү менән бала үлде. Бөтә Исраил халҡы, Раббы Үҙенең ҡоло Ахияһ пәйғәмбәр аша әйткәнсә, баланы ҡәҙерләп ерләне һәм уның өсөн йәш түкте. Яровғамдың бүтән эштәре – нисек һуғышҡаны, илгә ни рәүешле батшалыҡ иткәне «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған. Яровғам егерме ике йыл батша булды. Үлеп, ата-бабалары хозурына күскәс, урынына улы Надав тәхеткә ултырҙы. Йәһүҙәлә Сөләймәндең улы Рехавғам батшалыҡ итте. Ул тәхеткә ултырғанда ҡырҡ бер йәштә ине. Раббы Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн бөтөн Исраил ырыуҙары араһынан һайлап алған Йәрүсәлим ҡалаһында ул ун ете йыл батша булды. Әсәһе Нағама ғаммон ҡыҙы ине. Йәһүҙә халҡы, Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылып, үҙҙәренең гонаһтары менән Раббыны аталарына ҡарағанда ла нығыраҡ асыуландырҙы. Улар ҙа һәр бер ҡалҡыулыҡта, һәр бер суҡ япраҡлы ағас аҫтында үҙҙәренә ялған илаһтарға ғибәҙәт ҡылыу урындары төҙөнөләр, табыныу бағаналары һәм Ашераға бағышлап ҡолғалар ҡуйҙылар. Боттарға табыныу урындарында фәхешлек менән шөғөлләнгән ирҙәр ҙә бар ине. Халыҡ исраилдар алдынан Раббы ҡыуып ебәргән ҡәүемдәрҙең бөтә ерәнгес эштәрен ҡабатланы. Рехавғамдың батшалыҡ итеүенең бишенсе йылында, Мысыр батшаһы Шишаҡ Йәрүсәлимгә һөжүм итте. Ул Раббы ҡорамындағы, батша һарайындағы хазиналарҙы талап алды, бөтә нәмәне, шул иҫәптән Сөләймән эшләткән бөтә алтын ҡалҡандарҙы ла алып китте. Рехавғам батша улар урынына баҡыр ҡалҡандар яһатты һәм батша һарайының ишектәрен һаҡлаған ҡарауыл башлыҡтары ҡарамағына тапшырҙы. Батша Раббы ҡорамына ингән һайын, һаҡсылар был ҡалҡандарҙы тотоп килә, аҙаҡтан йәнә һаҡсылар бүлмәһенә индереп ҡуя торған булды. Рехавғамдың башҡа эштәре, ул ҡылған бөтә ғәмәлдәр тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған. Рехавғам менән Яровғам ғүмерҙәре буйы үҙ-ара туҡтауһыҙ һуғыш алып барҙы. Рехавғам үлеп, ата-бабалары хозурына күскәс, Дауыт ҡалаһында аталары янында ерләнде. Әсәһе ғаммон ҡыҙы Нағама ине. Рехавғам урынына тәхеткә улы Авиям ултырҙы. Яровғам Неват улы Исраилға ун һигеҙенсе йыл батшалыҡ иткәндә, Йәһүҙә тәхетенә Авиям ултырҙы. Ул Йәрүсәлимдә өс йыл батша булды. Әсәһе – Авшаломдың ҡыҙы Мағаха. Авиям атаһының яман юлын ҡыуҙы, ул ҡылған гонаһтарҙы ҡабатланы. Авиям үҙенең Аллаһы Раббыға бөтөн булмышы менән тоғро булған олатаһы Дауыт һымаҡ түгел ине. Шуға ҡарамаҫтан, Дауыт хаҡына Аллаһы Раббы Авиямдан һуң уның улын тәхеткә ултыртты. Шулай итеп, Йәрүсәлимде имен ҡылды, был ҡалала Дауыттың шәмен һүндермәне. Сөнки, хитти Урияһҡа ҡарата булған ҡылығын һанамағанда, Дауыт ғүмеренең ахырына тиклем Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр эшләне, Раббының ҡушҡандарынан тайпылманы. Рехавғам менән Яровғам араһында барған һуғыш Авиям тәхеткә ултырғандан һуң да туҡтаманы. Авиямдың ҡалған ғәмәлдәре барыһы ла «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған. Авиям менән Яровғам араһында һуғыш дауам итте. Авиям үлеп, ата-бабалары хозурына күсте һәм Дауыт ҡалаһында ерләнде. Уның урынына улы Аса батша булды. Аса Йәһүҙә тәхетенә Яровғам Исраилға егерменсе йыл батшалыҡ иткәндә ултырҙы. Ул Йәрүсәлимдә ҡырыҡ йыл буйы батша булды. Өләсәһе Авшалом ҡыҙы Мағаха ине. Аса, Дауыт кеүек үк, Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылды. Ул боттарға табынған урындарҙа фәхешлек менән шөғөлләнгән барлыҡ ир фәхешселәрҙе илдән ҡыуҙы. Ата-бабалары яһатҡан боттарҙы алып ташланы. Ашера хөрмәтенә ерәнгес һын ҡуйҙырған өсөн Аса батша әсәһе Мағаханы батша әсәһе дәрәжәһенән мәхрүм итте һәм, был һынды тураҡлап, Ҡидрон үҙәнендә яндырҙы. Табыныу ҡалҡыулыҡтары һаман элеккесә ҡала бирҙе, шулай ҙа Асаның йөрәге бөтә ғүмере буйы Раббыға тоғро булды. Атаһы һәм үҙе Раббыға бағышланған алтын-көмөштө, һауыт-һабаны Раббы йортона тапшырҙы. Аса менән Исраил батшаһы Бағша ғүмер буйы үҙ-ара һуғышты. Бер мәл Исраил батшаһы Бағша Йәһүҙәгә һөжүм итте һәм, бер кем дә Йәһүҙә батшаһы Аса биләмәһенән сыға ла, унда инә лә алмаһын өсөн, Рама ҡәлғәһен нығытырға тотондо. Был хаҡта ишеткәс, Аса Раббы ҡорамында һәм батша һарайы хазинаһында булған бөтә алтын-көмөштө алды ла, ярандары аша Дамаскта йәшәгән Арам батшаһына – Хезион улы Тавриммондың улы Бен-Һададҡа ебәрҙе. Уға былай тип әйтергә ҡушты: «Минең менән һинең арала минең атайым менән һинең атайың араһындағы кеүек килешеү булһын. Бына мин һиңә бүләккә алтын-көмөш ебәрәм. Ә һин Исраил батшаһы Бағша менән төҙөгән килешеүеңде өҙ, ул ғәскәрҙәрен минең ерҙәремдән сығарһын». Бен-Һадад Асаның тәҡдимен тыңланы һәм үҙенең ғәскәр башлыҡтарын Исраил ҡалаларына ҡаршы яуға ебәрҙе. Улар Ғиййонды, Данды, Авел-Бейт-Мағаха ҡалаларын, бөтә Киннереҫте, Нафтали ерен баҫып алды. Был хаҡта ишеткәс, Бағша Раманы нығытыуҙан туҡтап, Тирсаға әйләнеп ҡайтты. Аса батша оран һалып, бер кемде лә ҡалдырмайынса, барса йәһүҙиҙәрҙе алып килде лә Бағша төҙөлөштә файҙаланған таштарҙы, бүрәнәләрҙе Раманан ташытып бөтөрҙө һәм улар менән Миспа, Бинйәмин биләмәһендәге Гевағ ҡалаларын нығытты. Асаның барлыҡ ғәмәлдәре, батырлыҡтары, ул төҙөгән ҡалалар «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған. Өлкәнәйгәс, Аса аяҡтары ауыртыуҙан яфаланды. Аса вафат булып ата-бабалары хозурына күсте һәм Дауыт ҡалаһында аталары янына ерләнде. Урынына улы Йеһошафат тәхеткә ултырҙы. Асаның Йәһүҙәлә батшалыҡ итеүенең икенсе йылында Исраил тәхетенә Надав Яровғам улы ултырҙы һәм ике йыл батша булды. Ул Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды, Исраил халҡын гонаһҡа батырған атаһының юлынан китте. Надав ғәскәре менән пелештиҙәрҙең Гиббеҫон ҡалаһын ҡамауҙа тота ине. Шул саҡта Исасхар ырыуынан Бағша Ахияһ улы Надавҡа ҡаршы фетнә ойошторҙо һәм уны Гиббеҫонда үлтерҙе. Был Асаның Йәһүҙәлә батшалыҡ итеүенең өсөнсө йылында булды. Надавты үлтергәндән һуң, Бағша Исраил тәхетенә ултырҙы. Батша булыр-булмаҫтан, Бағша Яровғамдың бөтә ғаиләһен ҡырып бөтөрҙө – Яровғамдың нәҫелен тотош юҡ итте, бер кемде лә иҫән ҡалдырманы. Раббының Шилола ҡоло Ахияһ аша әйткән һүҙҙәре бына шулай бойомға ашты. Былар барыһы ла Яровғамдың гонаһтары һәм Исраил халҡын гонаһҡа батырғаны өсөн булды. Исраил Аллаһы Раббының уға асыуы бик ҡаты ине. Надавтың башҡа бөтә ғәмәлдәре «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған. Аса менән Исраил батшаһы Бағша ғүмер буйы үҙ-ара һуғышып йәшәне. Йәһүҙә батшаһы Асаның өсөнсө йылында Ахияһ улы Бағша Тирсала Исраилға батша булды һәм егерме дүрт йыл тәхеттә ултырҙы. Ул Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды, Исраил халҡын гонаһҡа батырған Яровғамдың юлынан китте. Раббы Йеһу Ханани улы аша Исраил батшаһы Бағшаға былай тип белдерҙе: – Мин һине, саң-туҙандан күтәреп, халҡым Исраилға хаким итеп ҡуйҙым. Ә һин Яровғамдың яман юлын ҡыуҙың, халҡым Исраилды гонаһҡа батырҙың һәм улар үҙҙәренең гонаһтары менән Минең асыуымды ҡабартты. Шуға күрә, Неват улы Яровғамдың нәҫелен нисек юҡ итһәм, Бағша менән уның нәҫелен дә шулай һепереп түгәсәкмен. Бағшаның ғаиләһенән ҡалала үлеп ҡалғандарҙы эттәр ашар, ҡырҙа үлгәндәре ҡоштарға емтек булыр. Бағшаның башҡа ғәмәлдәре, ҡылған батырлыҡтары тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған. Бағша вафат булып ата-бабаларына ҡушылды һәм Тирсала ерләнде. Уның урынына улы Эла батша булды. Әммә Раббы күҙендә яман булған ғәмәлдәре менән Уның асыуын ҡабартҡан һәм Яровғам йортона эйәреп золом ҡылған, шулай уҡ Яровғам нәҫелен юҡ иткән өсөн, Бағшаның үҙе һәм уның йорто тураһында Раббы Ханани улы Йеһу пәйғәмбәр аша еткергән һүҙҙәре әйтелгәйне инде. Асаның Йәһүҙәлә батшалыҡ итеүенең егерме алтынсы йылында Эла Бағша улы Тирсала Исраил тәхетенә ултырҙы һәм ике йыл батшалыҡ итте. Ярандарының береһе, ғәскәрҙәге яу арбаларының яртыһына башлыҡ булып торған Зимри, уға ҡаршы фетнә ойошторҙо. Бер көндө Эла Тирсалағы һарай вәзире Арсаның өйөндә эсеп иҫергәйне. Зимри шунда инеп Эланы үлтерҙе. Үҙе уның урынына батша булып алды. Был Йәһүҙә батшаһы Асаның егерме етенсе йылында булды. Исраил тәхетенә ултырып алыу менән, Зимри Бағшаның бөтә нәҫелен юҡ итте, зат-зәүере һәм дуҫ-иштәренән ир енесендәге бер генә кешене лә ҡалдырманы. Бағшаның нәҫелен Зимри тулыһынса юҡҡа сығарҙы. Был хәл Раббының Бағша тураһында Йеһу пәйғәмбәр аша еткергән һүҙҙәренең тормошҡа ашыуы ине. Был Бағша үҙе һәм уның улы Эла ҡылған бөтә гонаһтар өсөн һәм шул яман эштәре менән Исраил халҡын гонаһҡа батырған, мәғәнәһеҙ боттарға табынып, Исраил Аллаһы Раббыны бик ныҡ асыуландырған өсөн булды. Эланың башҡа барлыҡ ғәмәлдәре тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған. Йәһүҙә батшаһы Асаның егерме етенсе йылында Исраил тәхетенә ултырған Зимри Тирсала ете көн батша булып торҙо. Ул саҡта Исраил ғәскәре пелештиҙәрҙең Гиббеҫон ҡалаһын ҡамауҙа тота ине. Бындағы бөтә яугирҙәр Зимриҙең фетнә ойоштороп батшаны үлтергәнен ишеткәс, шул көндө үк тупламда ғәскәр башлығы Ғомриҙы Исраилға батша итеп ҡуйҙы. Ғомри бөтә исраилдар менән бергә Гиббеҫондан сыҡты ла барып Тирсаны ҡамауға алды. Зимри иһә ҡаланың ҡулдан киткәнен күреп, батша һарайының эске ҡәлғәһенә инде һәм һарайға ут төрттө лә үҙе шунда янып үлде. Шул рәүешле ул Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылған һәм Исраилды гонаһҡа батырған Яровғамдың юлын ҡыуған өсөн әжерен алды. Зимриҙең башҡа эштәре, уның нисек фетнә ойошторғаны тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған. Исраил халҡы икегә бүленде. Халыҡтың яртыһы Гинаҫ улы Тивниҙы батша итеп ҡуйыу яғында ине, яртыһы Ғомриҙы яҡланы. Ахыр сиктә Ғомри яҡлылар еңеп сыҡты. Гинаҫ улы Тивни үлде, Ғомри батша булды. Йәһүҙә батшаһы Асаның утыҙ беренсе йылында Ғомри Исраил тәхетенә ултырҙы һәм ун ике йыл батшалыҡ итте. Шуның алты йылы Тирсала үтте. Ғомри ике талант көмөш түләп, Сәмәр тигән кешенән Самария тауын һатып алды һәм унда ҡала төҙөнө. Был ҡаланы тауҙың элекке хужаһының исеме менән Самария тип атаны. Ғомри Раббы күҙендә яман булған ғәмәлдәр ҡылды. Ул үҙенән алда булған бөтә батшаларға ҡарағанда ла күберәк яуызлыҡ эшләне. Ул тулыһынса Неват улы Яровғамдың юлынан китте һәм Исраил халҡын гонаһтарға батырып, мәғәнәһеҙ боттарға табыныуы менән Исраил Аллаһы Раббыны бик ныҡ асыуландырҙы. Ғомриҙың башҡа ғәмәлдәре, уның ҡылған батырлыҡтары тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған. Ғомри үлеп, ата-бабалары хозурына күсте һәм Самарияла ерләнде. Уның урынына улы Ахав батша булды. Йәһүҙә батшаһы Асаның утыҙ һигеҙенсе йылында Исраил тәхетенә Ғомри улы Ахав ултырҙы һәм Самарияла егерме ике йыл батшалыҡ итте. Ғомри улы Ахав Раббы хуш күрмәгән шундай яман эштәр ҡылды, унан алда тәхеттә ултырған батшаларҙың береһе лә ул тиклем яуызлыҡ эшләмәгәйне. Неват улы Яровғам ҡылған гонаһтарҙы ҡабатлауы ғына етмәгән, Сидон батшаһы Әҫбәғелдең ҡыҙы Изевелгә өйләнеп, ялған илаһ Бәғелгә табына һәм уға хеҙмәт итә башланы. Ахав Самарияла Бәғелгә ҡорам һалдырҙы һәм уның эсендә Бәғел өсөн ҡорбан усағы төҙөттө. Шулай уҡ ул Ашераға табыныр өсөн ҡолға ҡуйҙыртты. Шул рәүешле Ахав Исраил Аллаһы Раббының асыуын ҡабартырҙай яман эштәрҙе үҙенә тиклемге Исраил батшаларының барыһына ҡарағанда ла күберәк ҡылды. Ахав батшалыҡ иткән осорҙа, Бейт-Илдән Хиел тигән кеше Йерихо ҡалаһын ҡайтанан төҙөттө. Хиел ҡала нигеҙен өлкән улы Авирамдың йәне хаҡына, ҡапҡаларын төҙөгәндә кесе улы Сегувтың йәне хаҡына төҙөнө. Шулай итеп, Раббының Нун улы Йушағ аша белдергән һүҙҙәре бойомға ашты. Ғилғәдтәге Тишбе ҡалаһынан Ильяс пәйғәмбәр Ахав батшаға: – Мин хозурында баҫып торған Исраил Аллаһы тере Раббы шаһит: был йылдарҙа ергә, мин әйтмәйенсә, бер тамсы ысыҡ, бер тамсы ямғыр төшмәҫ! – тип белдерҙе. Шунан һуң Ильясҡа Раббы һүҙе иңде: – Бынан китеп көнсығышҡа табан юл тот. Иордан йылғаһын кисеп сыҡ та Кериҫ шишмәһе янында йәшен. Шул шишмәнән һыуларһың, ә ҡоҙғондарға һине ашатып торорға ҡуштым. Ильяс Раббы ҡушҡанса эшләне, бынан китеп, Иордан йылғаһының көнсығышындағы Кериҫ шишмәһе янында йәшәне. Ҡоҙғондар иртәле-кисле алып килеп торған ит менән икмәкте ашаны, шишмәнән һыу эсте. Илдә ямғыр яумағанлыҡтан, бер ни тиклем ваҡыт үткәс, шишмә ҡороно. Ильясҡа Раббы һүҙе иңде: – Тор, Сидонға, Сарефаҫ ҡалаһына бар ҙа шунда ҡал. Унда бер тол ҡатынға һине ашатып торорға ҡуштым. Ильяс Сарефаҫҡа юлланды. Ҡала ҡапҡаһына килеп еткәйне, бер тол ҡатындың утын йыйып йөрөгәнен күрҙе. Унан: – Миңә берәр сеүәтә һыу алып килмәҫһеңме икән? – тип һораны. Һыу алырға киткән ҡатын артынан: – Зинһар, берәр ҡабым икмәк тә килтер инде, – тип өндәште. – Аллаң тере Раббы шаһит! Өйөмдә бешкән бер генә нәмә лә юҡ. Тәпәндә бер ус он да, көршәктә саҡ ҡына зәйтүн майы ҡалған. Хәҙер бер-ике ағас утын йыйып алып ҡайтып, шуны улым менән үҙемә бешереп ашайбыҙ ҙа артабан ятып үлергә генә ҡала, – тип яуапланы ҡатын. – Ҡурҡма, – тине Ильяс уға. – Бар, уйлағаныңды эшлә. Тик иң элек миңә бәләкәс кенә көлсә бешереп алып кил. Улың менән үҙеңә һуңыраҡ бешерерһең. Сөнки Исраил Аллаһы Раббы: «Тупраҡҡа ямғыр төшкәнгә тиклем тәпәндә он бөтмәҫ, көршәктә май кәмемәҫ», – тип белдерә. Ҡатын өйөнә ҡайтып, Ильяс әйткәнсә эшләне. Шулай итеп, пәйғәмбәр ҙә, тол ҡатын менән уның ғаиләһе лә ризыҡҡа мохтажлыҡ кисермәне. Тәпәндә он бөтмәне, көршәктә май кәмемәне. Шул рәүешле Раббының Ильяс аша белдергәне бойомға ашты. Бер көндө хужабикәнең улы ауырып китте, хәле насарайғандан насарая барып, тын алыуҙан да туҡтаны. – Эй Алла бәндәһе! Нишләнең һин миңә? Ҡылған ғәйептәремде хәтергә төшөрөп, улымды үлтертергә килдеңме ни? – тине ҡатын Ильясҡа. – Бир әле миңә улыңды, – тине Ильяс. Баланы әсәһенең ҡосағынан алып, үҙе йәшәгән өҫкө бүлмәгә күтәрелде лә уны түшәгенә һалды. – Эй Раббым Аллам! Мин ошо тол ҡатында төйәк таптым. Уның улының йәнен ҡыйып, башына бәлә килтерерһеңме икән ни? – тине. Ул баланың өҫтөнә өс тапҡыр ҡапланып: – Эй Раббым Аллам, зинһар, был баланың йәнен тәненә кире ҡайтар! – тип ялбарҙы. Раббы Ильястың ялбарыуына илтифат итте. Балаға ҡабат йән инде, ул тын ала башланы һәм терелеп китте. Ильяс уны бүлмәһенән аҫҡа алып төштө лә: – Ҡара әле, улың тере бит! – тип әсәһенә тотторҙо. – Инде белдем, һин Алла бәндәһе икәнһең! – тине ҡатын. – Ысынлап та ауыҙыңда Раббы һүҙе икән! Байтаҡ ваҡыт үтте. Ҡоролоҡтоң өсөнсө йылында Ильясҡа Раббы һүҙе иңде: – Бар, Ахавҡа барып күрен. Оҙаҡламай был ергә ямғыр яуҙырам. Ильяс Ахавҡа китте. Самарияла бик ҡаты аслыҡ ине. Ахав һарайының идарасыһы Ғовадъяһты саҡырып алды. Ғовадъяһ Раббынан бик ҡурҡҡан бер кеше ине. Изевел Раббының пәйғәмбәрҙәрен ҡырған саҡта, Ғовадъяһ йөҙ пәйғәмбәрҙе иллешәрләп-иллешәрләп ике мәмерйәгә йәшерҙе һәм икмәк, һыу менән тәьмин итеп торҙо. Ахав Ғовадъяһҡа: – Әйҙә, һыу сыҡҡан урындарға, йылға үҙәндәренә барып ҡарайыҡ. Берәй урында аттарҙы һәм ҡасырҙарҙы ашатырлыҡ үлән таба алмаҫбыҙмы икән? Бәлки, шулайтып малдарҙы үлтермәй алып ҡалырбыҙ, – тине. Ҡарап сығаһы ерҙәрҙе бүлешеп алғандан һуң, Ахав бер юлдан, Ғовадъяһ икенсе юлдан китте. Юлда китеп барған Ғовадъяһҡа Ильяс осраны. Ғовадъяһ, пәйғәмбәрҙе танып, йөҙтүбән ергә ҡапланды. – Был ысынлап та һинме, хакимым Ильяс? – тип һораны. – Эйе, мин. Бар, хакимыңа барып минең бындалығымды әйт, – тине пәйғәмбәр. – Ниндәй гонаһым өсөн мине Ахавтың ҡулына үлемгә тапшыраһың? – тип һораны Ғовадъяһ. – Аллаң, тере Раббы шаһит: донъяла хакимым батшаның һине эҙләтеп кеше ебәрмәгән бер генә ил, бер генә батшалыҡ та ҡалманы. Был илдәрҙән, халыҡтарҙан: «Ул бында юҡ», тигән яуап килгәндән һуң, батшаларын һинең юҡлығыңа ант иттерҙе. Ә хәҙер һин миңә: «Бар, хакимыңа: „Ильяс бында“», – тип әйт, тиһең. Эргәңдән китеүем булыр, Раббы Рухы һине әллә ҡайҙарға алып китер. Ахавҡа барып әйтермен, ә ул килер ҙә, һине бында тапмаһа, мине үлтерер. Мин ҡолоң йәш сағымдан алып Алланан ҡурҡҡан бәндәмен. Хакимыма, Изевел Раббының пәйғәмбәрҙәрен үлтерткән ваҡытта уларҙың йөҙөн, иллешәр-иллешәрҙән ике мәмерйәгә йәшергәнем, икмәк, һыу биреп торғаным хаҡында һөйләмәнеләрме ни? Ә һин миңә хәҙер: «Бар, хакимыңа: „Ильяс бында“», – тип әйтергә ҡушаһың. Ул бит мине шунда уҡ үлтерәсәк! – Үҙем хеҙмәт иткән Күк ғәскәрҙәре Раббыһы шаһит: бөгөн мин Ахавҡа барып күренәсәкмен, – тип яуапланы Ильяс. Ғовадъяһ, Ахавты эҙләп табып, уға Ильяс тураһында хәбәр итте. Ахав Ильясҡа ҡаршы йүнәлде. Пәйғәмбәрҙе күргәс, Ахав уға: – Эй Исраилдың баш бәләһе, был һинме? – тине. – Исраилдың баш бәләһе мин түгел, – тип яуап ҡайтарҙы Ильяс. – Һин һәм атаңдың нәҫеле Раббының бойороҡтарын һанға һуҡмайһығыҙ, һин бәғелдәр артынан эйәрәһең. Ә хәҙер бөтә Исраил халҡын минең яныма Кармәл тауына йыйҙыр. Бәғелдең Изевел табынында ашап-эскән дүрт йөҙ илле пәйғәмбәре һәм алиһә Ашераға табынған дүрт йөҙ пәйғәмбәр ҙә шунда килһен. Ахав хәбәр ебәреп бөтә Исраил халҡын һәм пәйғәмбәрҙәрҙе Кармәл тауына йыйҙы. Ильяс халыҡ алдына сығып баҫты ла: – Ҡасанға тиклем ике арала һылтыҡлап йөрөргә уйлайһығыҙ? Әгәр Алла Раббы икән, Уға эйәрегеҙ; Бәғел Алла булһа инде, уның артынан барығыҙ, – тине. Халыҡ уға бер һүҙ ҙә өндәшмәне. – Мин Раббының пәйғәмбәрҙәренән бер яңғыҙым тороп ҡалдым, – тип дауам итте Ильяс. – Ә Бәғелдең пәйғәмбәрҙәре – дүрт йөҙ илле кеше. Хәҙер беҙгә ике үгеҙ башмаҡ килтерһендәр. Уның береһен Бәғелдең пәйғәмбәрҙәре һайлап алһын. Салып, киҫәктәргә тураҡлап, утын өҫтөнә һалһындар, тик аҫтына ут тоҡандырмаһындар. Икенсе башмаҡты мин әҙерләрмен, итен утын өҫтөнә һалырмын, әммә ут яҡмаҫмын. Шунан һуң һеҙ исемен әйтеп үҙегеҙҙең аллағыҙҙы саҡырығыҙ, мин дә исемен әйтеп Раббымды саҡырырмын. Уларҙың ҡайһыһы ут менән яуап ҡайтара, шул ысын Алла. Бөтә халыҡ: – Бик яҡшы әйтелде! – тиешеп уның һүҙҙәрен хупланы. – Һеҙ күмәкһегеҙ бит, башмаҡтың береһен һайлап алып, башта һеҙ әҙерләгеҙ, – тине Ильяс Бәғелдең пәйғәмбәрҙәренә. – Әйҙәгеҙ, исемләп аллағыҙҙы саҡырығыҙ, тик ут яҡмағыҙ. Бәғелдең пәйғәмбәрҙәре үҙҙәренә бирелгән башмаҡты алып, уны әҙерләнеләр ҙә: – Эй Бәғел, яуап бир беҙгә! – тип ҡысҡыра башланылар. Иртәнән төшкә тиклем ялбарҙылар, үҙҙәре яһаған ҡорбан усағы тирәләп бер туҡтамай һикерештеләр, тик уларға бер ниндәй ҙә яуап булманы. Ҡояш төшлөккә еткәс Ильяс уларҙан: – Нығыраҡ ҡысҡырығыҙ! Алла бит ул, бәлки уйға батҡандыр, бәлки берәй эше барҙыр, йәки берәй ергә китеп баралыр. Йә булмаһа йоҡлап киткәндер ҙә уятырға кәрәктер, – тип көлә башланы. Бәғелдең пәйғәмбәрҙәре тағы ла нығыраҡ ҡысҡырынырға тотондо. Йолалары ҡушҡанса, ҡылыс, һөңгө менән үҙҙәренә йәрәхәт һалдылар, бөтөнләй ҡанға туҙҙылар. Төш ауҙы. Улар киске ҡорбан мәленә тиклем диуаналаныуҙарын дауам итте, ләкин өн-тауыш ишетелмәне, уларға яуап биреүсе, иғтибар итеүсе табылманы. Шунан Ильяс халыҡҡа: – Миңә яҡыныраҡ килегеҙ, – тип өндәште. Бөтәһе лә уның эргәһенә йыйылды. Ильяс Раббының емерелгән ҡорбан усағын йүнәтергә кереште. Ул, Раббынан «Һинең исемең Исраил булыр» тигән һүҙ алған Яҡуптың ун ике улынан таралған ырыуҙар һанына ярашлы, ун ике таш алды. Был таштарҙан Раббы исеменә бағышлап ҡорбан усағы яһаны ла, уратып, ике сеа ашлыҡ һыйырлыҡ соҡор ҡаҙыны. Усаҡҡа йәтешләп утын һалғандан һуң, башмаҡты киҫәктәргә тураҡлап, утын өҫтөнә ҡуйҙы. – Дүрт көршәк һыу алып килегеҙ, уны тотош яндырыу ҡорбанына һәм утын өҫтөнә түгегеҙ, – тип әмер бирҙе. Ул ҡушҡанса эшләнеләр. – Тағы бер тапҡыр ҡабатлағыҙ, – тине Ильяс. Йәнә түктеләр. – Өсөнсө тапҡыр ҙа шулай эшләгеҙ, – тине. Өсөнсө тапҡыр ҙа ҡойҙолар. Һыу ҡорбан усағынан ағып төштө, уратып ҡаҙылған соҡор тулып китте. Киске ҡорбан мәле еткәс, Ильяс усаҡ эргәһенә килеп: – Эй Раббы, Ибраһим, Исхаҡ һәм Исраил Аллаһы! Үҙеңдең Исраилдағы Алла, минең иһә Һинең ҡолоң булғанымды һәм быларҙың барыһын да Һинең ҡушыуың буйынса эшләгәнемде күрһәт, – тине. – Яуап ҡайтар миңә, йә Раббы, яуап бир! Был халыҡ Һин Раббының Алла булғанын аңлаһын! Уларҙың күңеле ҡабаттан Һиңә әйләнеп ҡайтһын! Шул саҡ Раббының уты килеп төштө. Был уттың ялҡыны тотош яндырыу ҡорбанын да, утынды ла, таштарҙы ла, тупраҡты ла ялмап йотто, соҡорҙағы һыуҙы ла киптерҙе. Ошоларҙың барыһын да күреп торған халыҡ: – Раббы – Алла, Раббы ысын Алла! – тип йөҙтүбән ергә ҡапланды. – Бәғелдең пәйғәмбәрҙәрен тотоғоҙ, – тип бойорҙо Ильяс. – Береһе лә ҡасып ҡотола алмаһын! Халыҡ был пәйғәмбәрҙәрҙең барыһын да тотоп алды. Ильяс уларҙы Ҡишон йылғаһы буйына алып барып үлтерҙе. Шунан Ильяс Ахавҡа: – Бар, ашап-эсеп ал. Мин ҡойма ямғыр килгәнен ишетәм, – тине. Ахав тороп тамаҡ ялғарға китте, ә Ильяс Кармәл тауы башына менде. Ергә эйелеп, башын тубыҡтары араһына ҡуйҙы. Хеҙмәтсеһен диңгеҙ яғын ҡарап килергә ебәрҙе. Тегеһе барып ҡараны ла: – Бер нәмә лә юҡ, – тип кире әйләнеп килде. – Тағы ҡара, – тине Ильяс. Шулай ете тапҡыр ҡабатланды. Етенсе тапҡыр барып ҡарағандан һуң хеҙмәтсеһе: – Диңгеҙҙән ус аяһылай ғына болот ҡалҡып килә, – тип хәбәр итте. – Ахавҡа барып әйт, атын егә һалһын, юғиһә ямғыр аҫтында ҡалыр, – тине Ильяс. Ул арала күкте ҡара болот томаланы, көслө ел күтәрелде һәм ҡойоп ямғыр яуа башланы. Ахав, арбаһына ултырып, Изреғилгә ашыҡты. Раббының ҡөҙрәте иңгән Ильяс, кейеменең сабыуҙарын билбауына ҡыҫтырҙы ла, Изреғилгә еткәнсе Ахав алдынан йүгереп барҙы. Ахав ҡатыны Изевелгә Ильястың нимәләр эшләгәнен, бөтә пәйғәмбәрҙәрҙе ҡылыстан үткәргәнен һөйләп бирҙе. Изевел Ильясҡа: «Әгәр ҙә иртәгә ошо ваҡытҡа мин һиңә һин пәйғәмбәрҙәргә эшләгәнде эшләмәһәм, мине аллаларҙың ҡаты ҡәһәре һуҡһын», – тигән хәбәр ебәрҙе. Быны ишеткән Ильяс ҡурҡты, йәнен һаҡлап ҡалыр өсөн Йәһүҙәләге Беер-Шәвәғ ҡалаһына ҡасты. Хеҙмәтсеһен шунда ҡалдырғандан һуң, үҙе тағы бер көн буйы сүл буйлап барҙы. Бер артыш ҡыуағы аҫтына барып ултырҙы ла үҙенә үлем теләп: – Етер инде, эй Раббым, йәнемде алһаңсы. Ата-бабаларымдан һис тә артыҡ ерем юҡ, – тип ялбарҙы. Ҡыуаҡ аҫтына ятып йоҡлап киткәйне, ҡапыл уға Алла фәрештәһе ҡағылды ла: – Тор, тамағыңа аша! – тип уятты. Ильяс тороп тирә-яғына ҡараһа, баш осонда көлдә бешерелгән көлсә менән бер көршәк һыу тора. Һыуһынын ҡандырып, ашап алды ла тағы ятты. Раббы фәрештәһе йәнә килеп ҡағылды: – Тор, аша, сөнки һиңә алыҫ юлға сығырға кәрәк, – тине. Ильяс торҙо, ашаны-эсте, ошо ризыҡ уға ҡырҡ көн, ҡырҡ төн атлап Алланың тауы Хоревҡа барып етерлек көс бирҙе. Ильяс тауҙағы мәмерйәгә инеп, шунда ҡунды. Бына Раббы уға: – Нишләп килдең бында, Ильяс? – тип өндәште. – Мин Күк ғәскәрҙәре Аллаһы Раббыма ысын күңелдән фиҙаҡәрлек менән хеҙмәт иттем, – тип яуапланы Ильяс. – Әммә Исраил халҡы Һинең менән төҙөшкән килешеүҙән ваз кисте. Улар Һинең ҡорбан усаҡтарыңды емерҙе, пәйғәмбәрҙәреңде ҡылыстан үткәрҙе. Мин бер үҙем ҡалдым. Хәҙер минең дә йәнемде ҡыймаҡ булып эҙәрләйҙәр. – Сыҡ, тауҙа Раббы ҡаршыһына баҫ, – тине уға Раббы. – Һинең яныңдан Раббы уҙыр. Шул ваҡыт тауҙарҙы һелкетеп, ҡаяларҙы емереп, Раббы алдында көслө ел күтәрелде. Әммә Раббы елдә түгел ине. Шунан ер тетрәне. Әммә Раббы ер тетрәүендә лә түгел ине. Ер тетрәгәндән һуң, ялҡын дөрләп яна башланы. Әммә Раббы утта ла түгел ине. Уттан һуң йомшаҡ ҡына тауыш ишетелде. Был тауышты ишетеп, Ильяс ябынсаһы менән битен ҡапланы ла мәмерйә ауыҙына сығып баҫты. – Нишләп килдең бында, Ильяс? – тип һораны тауыш. – Күк ғәскәрҙәре Аллаһы Раббыма ысын күңелдән, фиҙаҡәрлек менән хеҙмәт иттем, – тине Ильяс. – Әммә Исраил халҡы Һинең менән төҙөшкән килешеүҙән ваз кисте. Улар Һинең ҡорбан усаҡтарыңды емерҙе, пәйғәмбәрҙәреңде ҡылыстан үткәрҙе. Мин бер үҙем ҡалдым. Хәҙер минең дә йәнемде ҡыймаҡ булып эҙәрләйҙәр. – Килгән юлыңдан кире борол, Дамаск янындағы сүлгә бар. Унда барғас, Хазаилды Арамға батша итеп мәсехлә. Нимши улы Йеһуҙы иһә Исраилға батша итеп мәсехлә, Авел-Мехолалағы Шафат улы Ильясиғинды үҙеңдең урыныңа пәйғәмбәрлеккә бағышла. Бәғелгә табыныусыларҙы Хазаил үлтерә башлар. Хазаилдың ҡылысынан ҡотолғандарҙы Йеһу, Йеһуҙың ҡылысынан ҡотолғандарҙы Ильясиғин юҡ итер. Хәйер, Мин Исраилда Бәғел алдында теҙ сүгеп, уны үбеүҙән баш тартҡан ете мең кешене иҫән ҡалдырасаҡмын, – тине Раббы. Ильяс бынан китте һәм Шафат улы Ильясиғинды барып тапты. Ильясиғин ун ике пар үгеҙ егеп ер һөрөп йөрөгәндәр араһында булып, ун икенсе пар үгеҙ артынан бара ине. Ильясиғин эргәһенән үтеп барышлай, Ильяс ябынсаһын уның яурынына ябып китте. Ильясиғин, үгеҙҙәрен ташлап, Ильяс артынан йүгерҙе. – Ҡайтып ата-әсәмде үбеп хушлашайым инде. Шунан һинең арттан китермен, – тип рөхсәт һораны. – Бар, – тине Ильяс. – Мин һине тотаммы ни? Ильясиғин кире боролоп, һабанға егелгән ике үгеҙҙе салды. Һуҡаһын яғып ит бешерҙе. Итте кешеләргә таратып бирҙе. Халыҡ шул итте ашаны. Ильясиғин иһә Ильяс артынан эйәрҙе, уға хеҙмәт итә башланы. Арам батшаһы Бен-Һадад бөтә ғәскәрен тупланы ла аттары, һуғыш арбалары, үҙенә ҡушылған утыҙ ике батша менән барып Самария ҡалаһын ҡаманы һәм уға ҡаршы һуғыш башланы. Ул ҡалаға Исраил батшаһы Ахав янына илселәр ебәреп, былай тине: – Алтының менән көмөшөң дә, иң яҡшы ҡатындарың менән балаларың да – минеке. – Әйткәнеңсә булһын, хакимым батша, – тип яуап ҡайтарҙы уға Ахав. – Үҙем дә, булған бөтә нәмәм дә һинеке. Илселәр тағы килеп, былай тине: – Бен-Һадад былай ти: «Алтының менән көмөшөңдө, иң яҡшы ҡатындарың менән балаларыңды миңә бир», – тип әйткәйнем. Иртәгә ошо ваҡытта ярандарымды ебәрәм. Улар һарайыңды һәм хеҙмәтселәреңдең өйҙәрен аҡтарыр, һиңә ҡәҙерле булған бөтә нәмәңде алыр. Исраил батшаһы үҙ иленең бөтә аҡһаҡалдарын саҡырып кәңәш һораны. – Ҡарағыҙ, был әҙәм ниндәй яманлыҡ уйлап тапты, – тине. – Ҡатындарым менән балаларымды, алтын-көмөшөмдө һорап ебәргәс, мин уға ҡаршы килмәгәйнем. Бөтә аҡһаҡалдар менән барса халыҡ: – Уны тыңлама, әйткәндәренә риза булма, – тине. Шуға күрә Ахав Бен-Һададтың илселәренә: – Хакимым батшаға әйтегеҙ: мин ҡолоң тәүге бөтә талапты үтәргә әҙер, ә бына әлеге талабыңды эшләй алмайым, – тип белдерҙе. Бынан һуң Бен-Һадад уға: – Самариянан ҡалған саң-туҙан яугирҙәремә ҡуш услап алырға етһә, мине аллаларҙың ҡаты ҡәһәре һуҡһын, – тигән хәбәр ебәрҙе. – Ҡайтып әйтегеҙ: биленә ҡылыс таҡҡанда түгел, ҡылысын сискәндә маҡтанһын, – тип яуап ҡайтарҙы уға Исраил батшаһы. Башҡа батшалар менән сатырында эсеп ултырған Бен-Һадад был һүҙҙәрҙе ишеткәс үҙенең ғәскәренә: – Һөжүмгә әҙерләнегеҙ! – тип фарман бирҙе. Ғәскәр ҡала ҡаршыһында сафҡа теҙелде. Шул саҡ Исраил батшаһы Ахавҡа бер пәйғәмбәр килеп әйтте: – Раббы былай ти: «Анау һанһыҙ сиреүҙе күрәһеңме? Мин бөгөн уны һинең ҡулыңа тапшырам. Шул саҡ һин Минең Раббы булғанымды белерһең». – Кем аша бирелер? – тип һораны Ахав. – Өлкә башлыҡтары ебәргән йәш яугирҙәр аша, тип әйтә Раббы, – тине пәйғәмбәр. – Һөжүмде кем башлар? – тип һораны батша. – Һин башлаясаҡһың, – тип яуап бирҙе пәйғәмбәр. Ахав өлкә башлыҡтары ебәргән йәш яугирҙәрҙе йыйып алды, бөтәһе ике йөҙ утыҙ ике кеше ине. Унан бөтә Исраил ғәскәрен тупланы, ете мең яугир ине. Улар төш мәлендә ҡуҙғалды. Был ваҡытта Арам батшаһы Бен-Һадад эргәһендәге утыҙ ике батша менән бергә сатырҙа иҫерешеп ултыралар ине. Өлкә башлыҡтары ебәргән йәш яугирҙәр алдан төшөп алды. Бен-Һадад күҙәтселәр ебәргән ине, улар: «Самариянан кемдәрҙер сыҡты», – тип хәбәр итте. – Әгәр солох төҙөшөргә килһәләр, тереләй ҡулға алығыҙ. Алыш менән килһәләр ҙә тереләй ҡулға алығыҙ! – тип бойорҙо Бен-Һадад. Ҡаланан беренсе булып өлкә башлыҡтары ебәргән йәш яугирҙәр, улар артынан Исраил ғәскәре сыҡты. Һәр кем үҙенең дошманына ташланды. Арамиҙар боролоп ҡасырға тотонғайны, исраилдар арттарынан төштө. Арам батшаһы Бен-Һадад атына менә һалып һыбайлылары менән бергә ҡасып ҡотолдо. Исраил батшаһы дошмандың һыбайлыларын һәм яу арбаларын ҡырып ташланы. Арамиҙар ғәскәре ҙур юғалтыуҙарға дусар булды. Пәйғәмбәр Исраил батшаһына килеп: – Бар, көс тупла, нимәләр эшләргә кәрәклеген ныҡлап уйла, сөнки киләһе яҙ Арам батшаһы йәнә яу менән киләсәк, – тине. Ярандары Арам батшаһына: – Исраилдарҙың Аллаһы – тауҙар аллаһы, – тинеләр. – Бына шуға күрә лә улар беҙҙе еңеп сыҡты. Әгәр ҙә тигеҙлектә һуғышһаҡ, беҙ уларҙы пыран-заран килтерәсәкбеҙ. Хәҙер һин бына нимә эшлә: батшаларҙың бөтәһен дә тәхеттәренән төшөр, улар урынына өлкә башлыҡтары ҡуй. Күпме юғалтҡанбыҙ, шул тиклем ат, яу арбаһы, ғәскәр тупла ла, исраилдар менән тигеҙлектә һуғышайыҡ. Шул саҡ мотлаҡ еңәсәкбеҙ. Бен-Һадад уларҙың һүҙенә ҡолаҡ һалды һәм нисек әйтһәләр, шулай эшләне. Киләһе яҙҙа Бен-Һадад ғәскәрен тупланы ла исраилдар менән һуғышырға Афеҡ ҡалаһына йүнәлде. Исраил ғәскәре лә тупланды. Аҙыҡ-түлек алып уларға ҡаршы сыҡтылар һәм арамиҙар алдында туплам ҡорҙолар. Ерҙе ябып килгән арамиҙар ғәскәре ҡаршыһында Исраил яугирҙәре ике бәләкәй генә кәзә көтөүе кеүек күренә ине. Бер Алла бәндәһе Исраил батшаһы янына килеп былай тине: – «Раббы – тауҙар аллаһы, үҙәндәр аллаһы түгел», – тип әйткәндәре өсөн Мин был ҙур сиреүҙе тотошлай һинең ҡулыңа тапшырам. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ, – тип әйтә Раббы. Ғәскәрҙәр бер-береһенең ҡаршыһында ете көн буйы торҙо. Етенсе көндө һуғыш башланды. Исраилдар бер көн эсендә арамиҙарҙың йөҙ мең йәйәүле яугирен ҡырып һалды. Иҫән ҡалғандары Афеҡҡа, ҡала эсенә ҡасты. Әммә уларҙың өҫтөнә ҡала диуары ҡоланы һәм егерме ете мең кеше шуның аҫтында ҡалып үлде. Бен-Һадад үҙе бер өйҙән икенсе өйгә ҡасып йөрөнө. – Беҙ Исраил батшаларын мәрхәмәтле батшалар тип ишеттек. Билебеҙгә ҡыл туҡыма урап, башыбыҙға бау тағып, Исраил батшаһына барайыҡмы әллә? Бәлки, ул һине тере ҡалдырыр? – тине ярандары Бен-Һададҡа. Билдәренә ҡыл туҡыма урап, баштарына бау таҡтылар ҙа Исраил батшаһына киттеләр. – Ҡолоң Бен-Һадад ғүмерен һаҡлауыңды ялбара, – тинеләр. – Бен-Һадад тереме ни? Ул бит миңә туғаным кеүек, – тип яуап ҡайтарҙы Ахав. Әлеге кешеләр был һүҙҙәрҙе яҡшыға юраны һәм: – Эйе, Бен-Һадад һиңә туған кеүек, – тип күтәреп алды. – Барығыҙ, уны бында алып килегеҙ, – тип бойорҙо батша. Бен-Һадад килгәс, Ахав уны үҙенең яу арбаһына мендерҙе. – Мин атайымдың һинең атайыңдан тартып алған ҡалаларын кире ҡайтарам, – тине Бен-Һадад. – Атайымдың Самарияла баҙарҙары булған кеүек, һин дә Дамаскта баҙарҙар яһарһың. – Килешеү төҙөгәндән һуң, мин һине ебәрермен, – тип яуапланы уға Ахав. Бен-Һадад менән килешкәндән һуң, уны ҡайтарып ебәрҙе. Пәйғәмбәрҙәр төркөмөнән булған берәү Раббы ихтыяры буйынса иптәшенән: – Миңә берҙе һуҡ әле, – тип үтенде. Әммә иптәшенең уға һуҡҡыһы килмәне. Шул саҡ пәйғәмбәр уға: – Раббының әйткәнен тыңламағаның өсөн янымдан китеүең булыр, һине арыҫлан үлтерер, – тине. Был кеше пәйғәмбәр эргәһенән киткәйне, уға арыҫлан тап булды һәм йыртҡыслап ташланы. Пәйғәмбәр икенсе кешегә барып, уның һуғыуын һораны. Быныһы пәйғәмбәргә шул тиклем итеп ҡундырҙы, хатта йәрәхәтләне. Пәйғәмбәр йөҙөн танымаҫлыҡ итеп ҡапланы ла юл буйына сығып Исраил батшаһының үткәнен көтә башланы. Батша уның янынан үтеп барғанда, пәйғәмбәр былай тип ҡысҡырҙы: – Мин ҡолоң һуғышҡа барғайным. Бер кеше миңә әсиргә төшкән дошман яугирен килтерҙе лә: «Уны һаҡла. Әгәр ҡасып китһә, башың менән яуап бирәсәкһең, йәки бер талант көмөш түләйәсәкһең», – тине. Мин ҡолоң унда-бында ҡаранғансы, әсир ҡасып киткән. – Һин үҙеңә үҙең хөкөм сығарҙың, – тине Исраил батшаһы. – Әле генә нисек әйттең, шулай булыр. Шул саҡ пәйғәмбәр йөҙөн асты һәм батша уның пәйғәмбәрҙәрҙең береһе икәнен күрҙе. Пәйғәмбәр Исраил батшаһына: – Раббы былай ти: «Мин үлемгә дусар иткән кешене ҡулыңдан ысҡындырҙың, шуға күрә уның йәне урынына һинең йәнең алыныр, уның халҡы урынына һинең халҡың ҡырылыр», – тип белдерҙе. Асыуланған Ахав, хәүефкә батып, Самариялағы һарайына ҡайтып китте. Әлеге ваҡиғаларҙан һуң бына ниндәй хәлдәр булды. Изреғилдә Самария батшаһы Ахавтың һарайы эргәһендә ошо ҡаланан Навоҫ тигән кешенең йөҙөм баҡсаһы бар ине. Бер көн Ахав Навоҫҡа: – Йөҙөм баҡсаңды миңә бир. Ул минең һарайыма бик яҡын, шуға күрә уны йәшелсә баҡсаһы итер инем. Урынына һиңә унан да яҡшыраҡ йөҙөм баҡсаһы бирәм, теләһәң, көмөш менән түләйем, – тип тәҡдим итте. Әммә Навоҫ: – Алла һаҡлаһын! Нисек мин аталарымдан ҡалған биләмәне һиңә бирәйем? – тип яуап ҡайтарҙы. Изреғилле Навоҫтың: «Аталарымдан ҡалған биләмәне һиңә бирмәйем», – тигәненә Ахавтың ныҡ йәне көйҙө. Өйөнә кәйефе боҙолоп ҡайтып инде лә, ашамай-эсмәй, түшәгенә барып ятты. Ҡатыны Изевел уның янына килеп: – Нимәгә шул тиклем эсең боша, хатта тамағыңа ла ашаманың? – тип һораны. – Изреғилле Навоҫҡа: «Йөҙөм баҡсаңды миңә һат, көмөш бирермен, йәки, теләһәң, уның урынына баҡса бирермен», – тигәйнем, «Йөҙөм баҡсамды һиңә бирмәйем», – тип яуап бирҙе, – тине Ахав. – Һин Исраилда батша түгелме ни? – тине Изевел. – Тор, тамағыңа аша. Борсолма, Навоҫтың баҡсаһын мин һиңә үҙем алып бирәм. Изевел Ахав исеменән хаттар яҙҙы ла, уның мисәтен ҡуйып, Навоҫ йәшәгән ҡаланың аҡһаҡалдарына һәм күренекле кешеләренә ебәрҙе. Хаттарға былай тип яҙылғайны: «Ураҙа иғлан итегеҙ, халыҡты йыйығыҙ ҙа Навоҫты иң түргә ултыртығыҙ. Ике йүнһеҙ кешене уның ҡаршыһына ултыртығыҙ ҙа улар: „Навоҫ Алла менән батшаны хурланы“, – тип уға ҡаршы шаһитлыҡ ҡылһын. Шунан һуң уны тышҡа алып сығып, таш бәреп үлтерегеҙ». Навоҫ йәшәгән ҡаланың аҡһаҡалдары менән күренекле кешеләре Изевел нисек яҙған, шулай эшләне. Ураҙа иғлан ителде. Навоҫты халыҡ алдына түргә ултырттылар. Унан ике йүнһеҙ әҙәм килеп, Навоҫтың ҡаршыһына ултырҙы ла: – Навоҫ Алла менән батшаны хурланы, – тип шаһитлыҡ итте. Шунан Навоҫты ҡаланан тышҡа алып сыҡтылар ҙа таш бәреп үлтерҙеләр. Аҙаҡтан Изевелгә: «Навоҫ таш бәреп үлтерелде», – тип хәбәр ебәрҙеләр. Навоҫтың таш бәреп үлтерелеүен ишетеү менән Изевел Ахавҡа: – Бар, Навоҫтың һиңә көмөшкә лә һатырға теләмәгән баҡсаһына хужа бул, – тине. – Ул инде тере түгел, үлде. Ахав, изреғилле Навоҫтың үлгәнен ишеткәс, уның баҡсаһын алырға китте. Шул саҡ Тишбе ҡалаһынан Ильяс пәйғәмбәргә Раббы һүҙе булды: – Тор, Самарияла хакимлыҡ иткән Исраил батшаһы Ахавҡа бар. Ул Навоҫтың йөҙөм баҡсаһында. Уға хужа булырға йөрөй. Һин уға, Раббы былай тип әйтә, тиген: «Нимә, үлтерҙең дә, инде баҡсаһына хужа булырға йөрөйһөңмө? Эттәр Навоҫтың ҡанын ҡайһы урында ялаған, һинең ҡаныңды ла шунда ялаясаҡ». – Нимә, дошманым, тоттоңмо мине? – тине Ахав Ильясҡа. – Тоттом, – тип яуапланы пәйғәмбәр. – Сөнки һин Раббы күҙендә яман булған ғәмәлдәргә бирелдең. Раббы һиңә: «Башыңа бәлә ебәрәм, һине һепереп түгәм. Исраилда нәҫелеңдән бер ир заты ла ҡалмаҫ. Иреклеме, ҡолмо – барыһын да юҡ итәм. Һинең нәҫелеңде лә Неват улы Яровғам менән Бағша улы Ахияһтың ғаиләләре кеүек үк юҡҡа сығарам, сөнки һин, Исраилды гонаһҡа батырып, Мине бик ныҡ асыуландырҙың», – тип әйтергә ҡушты. Раббы Изевел тураһында ла әйтте. «Изевелде Изреғил ҡалаһы диуарҙарының тышында эттәр тамаҡлаясаҡ», – тине. Ахав нәҫеленең ҡалала үлгәндәре эттәргә, ҡырҙа үлгәндәре ҡоштарға емтек булыр. Бығаса Ахав һымаҡ бер кемдең дә шул ҡәҙәрле Раббы күҙендә яман булған эштәргә бирелгәне юҡ ине. Ҡатыны Изевел уны гел генә ҡотортоп торҙо. Ахав та, Раббы исраилдар алдынан ҡыуып ебәргән әмөриҙәр кеүек боттарға табынып, күп әшәкелектәр ҡылды. Был һүҙҙәрҙе ишетеп, Ахав кейемдәрен йыртҡылап ырғытты, ҡыл кейем кейҙе, уны хатта йоҡлағанда ла сисмәне, ураҙа тотто, бошонҡолоҡҡа төшөп йөрөнө. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң Раббы Ильяс пәйғәмбәргә: – Күрҙеңме, Ахав Минең алдымда ҡайһылай күндәм булып ҡалды? – тине. – Шуға күрә Мин был бәләне ул тере саҡта ебәрмәйем. Әммә улы заманында нәҫел-нәсәбенә бәлә-ҡаза күндерәсәкмен. Өс йыл буйы Арам менән Исраил араһында һуғыш булманы. Өсөнсө йылды Йәһүҙә батшаһы Йеһошафат Исраил батшаһы Ахавҡа килде. Исраил батшаһы үҙенең ярандарына: – Ғилғәд Рамоҫының беҙҙеке икәнен беләһегеҙме? Нишләп беҙ бер нәмә лә эшләмәйбеҙ? Нишләп уны Арам батшаһының ҡулынан кире тартып алмайбыҙ? – тине. Шунан Йеһошафаттан: – Минең менән бергә Ғилғәд Рамоҫына яуға бараһыңмы? – тип һораны. – Һин нисек – мин дә шулай, – тип яуапланы Йеһошафат. – Минең халҡым – һинең халҡың, минең аттарым – һинең аттарың. Йеһошафат Исраил батшаһына тағын былай тине: – Тик тәүҙә Раббының кәңәшен һорап ҡара. Исраил батшаһы дүрт йөҙгә яҡын пәйғәмбәрҙе йыйып алды ла: – Ғилғәд Рамоҫына ҡаршы яу менән барайыммы, әллә бармайыммы? – тип һораны. – Бар, – тип яуап ҡайтарҙы пәйғәмбәрҙәр. – Раббы Хаким ул ҡаланы батшаның ҡулына тапшырасаҡ. Әммә Йеһошафат: – Раббының тағы берәй пәйғәмбәре ҡалманымы? Унан да һорап ҡарар инек, – тине. Исраил батшаһы Йеһошафатҡа: – Тағы бер кеше бар барлығын, уның аша Раббыға мөрәжәғәт итеп була. Тик мин уны яратмайым, сөнки ул миңә йүнле нәмә юрамай, гел яманлыҡ күрәҙәләй. Михаяһ ул, Йимла улы, – тине. – Улай тимә әле һин, эй, батша, – тине Йеһошафат. Исраил батшаһы һарай әһелдәренең береһен саҡырып: – Йәһәт кенә Йимла улы Михаяһты алып кил! – тине. Исраил батшаһы Ахав менән Йәһүҙә батшаһы Йеһошафат затлы кейемдәрен кейеп Самария ҡапҡаһы янындағы ырҙында һәр береһе үҙенең тәхетенә ултырҙы, ә бөтә пәйғәмбәрҙәр улар алдында пәйғәмбәрлек итте. Үҙенә тимер мөгөҙ яһап алған Кенағана улы Сидкияһ шунда белдерҙе: – Раббы былай ти: «Һин арамиҙарҙы ошо мөгөҙ менән һөҙөп, ҡырып бөтөрәсәкһең!» Башҡа пәйғәмбәрҙәр ҙә шуны уҡ юраны: – Ғилғәд Рамоҫына бар, юлың уңыр, Раббы уны батша ҡулына тапшырасаҡ. Михаяһты алырға ебәрелгән кеше уға былай тине: – Ҡара әле, бөтә пәйғәмбәрҙәр бер ауыҙҙан батшаға уңыш юрай, һинең һүҙең дә уларҙыҡы кеүек булһа ине: һин дә яҡшыға юра. – Тере Раббы шаһит: Раббы миңә нимә тиһә, шуны әйтермен, – тип яуап ҡайтарҙы Михаяһ. Михаяһ батша алдына килде. Батша унан: – Михаяһ, әйт әле, Ғилғәд Рамоҫына яу менән барайыҡмы, әллә юҡмы? – тип һораны. – Бар, – тине Михаяһ. – Юлың уңыр, Раббы уны батша ҡулына тапшырасаҡ. – Раббы исеме хаҡына миңә дөрөҫөн генә һөйлә, тип һиңә күпме ялынырға була? – тине уға батша. Шунан Михаяһ былай тине: – Мин исраилдарҙың барыһының да көтөүсеһеҙ һарыҡтар шикелле тауҙарға һибелгәнен күрҙем. Раббы: «Быларҙың хужаһы юҡ. Һәр кем иҫән-аман сағында үҙ өйөнә ҡайтһын», – тип әйтте. – Был миңә бер йүнле нәмә лә әйтмәҫ, тик яманлыҡ ҡына юрар, тимәнемме ни һиңә? – тине Исраил батшаһы Йеһошафатҡа. Ә Михаяһ былай тине: – Улай булғас, Раббы һүҙен тыңла! Мин Раббының Үҙ тәхетендә ултырғанын һәм эргәһендә, уң яҡтан да, һул яҡтан да бөтә күк ғәскәре баҫып торғанын күрҙем. Раббы: «Ғилғәд Рамоҫына яу сабып, шунда һәләк булһын өсөн Ахавты кем ҡоторта ала?» – тип һорағайны, береһе былай, икенсеһе тегеләй тәҡдим итте. Шунда бер рух сығып Раббы алдына баҫты ла: «Мин ҡоторта алам», – тине. Раббы унан: «Нисек итеп?» – тип һораны. «Мин барам да, алдаҡсы рух булып, уның бөтә пәйғәмбәрҙәрен ялған һөйләтәм», – тине рух. «Эйе, һин уны ҡоторта алырһың, – тине Раббы. – Бар, әйткәнеңде эшлә». Бына шулай итеп, Раббы бөтә был пәйғәмбәрҙәреңдең ауыҙына ялғансы рух индерҙе. Сөнки Ул һинең башыңа бәлә күндерергә ҡарар итте. Шунда Кенағана улы Сидкияһ Михаяһтың янына килде лә яңағына һуғып ебәреп: – Раббының рухы ни рәүешле минән китеп һинең ауыҙыңдан һөйләй башланы әле? – тине. – Быны һин ҡайҙа йәшенергә белмәйенсә, иң төпкө бүлмәлә боҫоп ултырған көндө белерһең, – тип яуапланы Михаяһ. – Михаяһты ҡала башлығы Амон менән батша улы Йоашҡа алып барып тапшырығыҙ! – тип бойорҙо Исраил батшаһы. – Батша шулай тип әйтте тиегеҙ: уны зинданға ултыртһындар, мин иҫән-аман ҡайтып килгәнсе, аҙ-маҙ икмәк менән һыуҙан башҡа бер нәмә лә бирмәһендәр. – Әгәр ҙә һин иҫән-аман әйләнеп ҡайтһаң, минең аша Раббы һөйләмәгән булыр, – тине Михаяһ. Шунан: – Эй халыҡтар, әйткәнемде ишетегеҙ! – тип өҫтәне. Исраил батшаһы Ахав менән Йәһүҙә батшаһы Йеһошафат Ғилғәд Рамоҫына яу менән китте. Ахав Йеһошафатҡа былай тине: – Мин яуға кейемемде алмаштырып инермен, ә һин үҙеңдең батша кейемеңдә бул. Исраил батшаһы кейемен алмаштырҙы ла яуға инде. Арам батшаһы яу арбаларының утыҙ ике башлығына: – Башлыҡмы ул, ябай яугирме – алышып тормағыҙ, бары Исраил батшаһы менән генә һуғышығыҙ! – тип бойорғайны. Яу арбаларының башлыҡтары Йеһошафатты күрҙе лә, Исраил батшаһы икән тип ышанып, һөжүм итер өсөн уға ҡаршы боролдо. Йеһошафат ҡысҡырып ебәргәс, яу арбаларының башлыҡтары уның Исраил батшаһы түгеллеген күрҙе лә боролоп китте. Бер яугир, төҙәп тормайынса уҡ атып ебәргәйне, Исраил батшаһын яраланы. Уҡ һарайтаһының йөйө аша барып ҡаҙалғайны. Ахав яу арбаһын йөрөтөүсеһенә: – Атыңды бор, мине яу яланынан алып сыҡ, йәрәхәтләндем, – тине. Көслө алыш көнө буйы дауам итте. Батшаға яу арбаһында арамиҙар ҡаршыһында һөйәлеп баҫып торорға тура килде. Уның яраһынан арба эсенә ҡан аҡты. Кискә табан батша йән бирҙе. Ҡояш байыр алдынан ғәскәр араһында: – Һәр кем үҙ ҡалаһына, үҙ еренә ҡайтһын, – тигән ауаз таралды. Батша вафат булды. Уны Самарияға алып ҡайтып ерләнеләр. Яу арбаһын фәхишәләр йыуына торған Самария быуаһында йыуҙылар, ә ҡанын эттәр яланы. Барыһы ла Раббы әйткәнсә булды. Ахавтың башҡа ғәмәлдәре, фил һөйәгенән һалдырған һарайы, ул төҙөгән барлыҡ ҡалалар тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған. Ахав үлеп, ата-бабаларына ҡушылды. Урынына улы Ахазъяһ батша булды. Исраил батшаһы Ахавтың дүртенсе йылында Йәһүҙә тәхетенә Йеһошафат Аса улы ултырҙы. Тәхеткә ултырғанда ул утыҙ биш йәштә ине һәм Йәрүсәлимдә егерме биш йыл батшалыҡ итте. Әсәһе – Ғазува Шилхи ҡыҙы ине. Йеһошафат атаһы Асаның юлынан тайпылманы, Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылды. Ләкин әлегә табыныу ҡалҡыулыҡтары юҡ ителмәгәйне; халыҡ һаман уларҙа ҡорбан салып, хуш еҫ төтәтеүен дауам итте. Йеһошафат Исраил батшаһы менән татыу йәшәне. Йеһошафаттың башҡа ғәмәлдәре, уның ҡаһарманлығы, яу сапҡандары – барыһы тураһында ла «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған. Йеһошафат атаһы Аса заманынан тороп ҡалған боттарға табынған урындарҙа фәхешлек менән шөғөлләнгән ирҙәрҙе юҡ итте. Ул саҡта Эдомда батша юҡ, тик батшаның вәкиле генә бар ине. Йеһошафат Офирға алтынға йөрөр өсөн Таршиш караптары төҙөттө. Ләкин улар барып етә алманы – Ғәсйон-Ғәвәрҙә һәләкәткә осраны. Шул осорҙа Ахав улы Ахазъяһ Йеһошафатҡа: «Караптарыңда һинекеләр менән бергә минең кешеләрем дә барһын», – тип тәҡдим иткәйне, әммә Йеһошафат риза булмағайны. Йеһошафат вафат булып ата-бабаларына ҡушылды һәм бабаһы Дауыттың ҡалаһында үҙенең ата-бабалары янына дәфен ҡылынды. Уның урынына улы Йеһорам тәхеткә ултырҙы. Йәһүҙә батшаһы Йеһошафаттың ун етенсе йылында Самарияла Исраил тәхетенә Ахав улы Ахазъяһ ултырҙы. Ул ике йыл батшалыҡ итте. Ахазъяһ Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды. Атаһы менән әсәһенең, Исраилды гонаһҡа батырған Неват улы Яровғамдың юлын ҡыуҙы. Ул Бәғелгә табынды, уға хеҙмәт итте һәм, атаһының яҙыҡ ғәмәлдәрен ҡабатлап, Исраил Аллаһы Раббыны ныҡ асыуландырҙы. Исраил батшаһы Ахав үлгәндән һуң, Моав Исраилға ҡаршы баш күтәрҙе. Исраил батшаһы Ахазъяһ, Самариялағы һарайының өҫкө ҡатындағы бүлмәһенең тәҙрә рәшәткәһенән ҡолап, бик ныҡ йәрәхәтләнгәйне. Ярандарын: – Барығыҙ, Ғәҡрон илаһы Бәғел-Зевувтан белешеп ҡайтығыҙ, был ауырыуымдан һауыға алырмынмы? – тип йомошҡа ебәрҙе. Раббы фәрештәһе Тишбе ҡалаһынан Ильяс пәйғәмбәргә былай тине: – Тор, Самария батшаһының илселәренә ҡаршы бар ҙа: «Исраилда Алла юҡмы әллә? Ниңә һеҙ һорашып белешер өсөн Ғәҡрон илаһы Бәғел-Зевувҡа китеп бараһығыҙ? – тип әйт. – Шуға күрә лә Раббы батшағыҙға: „Ятҡан түшәгеңдән тора алмаҫһың, мотлаҡ үләсәкһең“, – тип белдерә». Ильяс Раббы ҡушҡанды эшләне. Илселәре кире ҡайтҡас, батша уларҙан: – Нишләп кире боролдоғоҙ? – тип һораны. Улар былай тип яуапланы: – Бер кеше ҡаршыбыҙға сыҡты. Беҙгә: «Кире боролоғоҙ, һеҙҙе ебәргән батшаға ҡайтып әйтегеҙ, Раббы былай ти: „Исраилда Алла юҡмы әллә? Ниңә һин һорашып белешер өсөн Ғәҡрон илаһы Бәғел-Зевувҡа ебәрәһең? Бына шуның өсөн ятҡан түшәгеңдән тора алмаҫһың, мотлаҡ үләсәкһең“, – тип белдерҙе». – Ҡаршығыҙға сығып был һүҙҙәрҙе әйткән кешенең ҡиәфәте ниндәй ине? – тип һораны батша. – Сәстәре ныҡ етек ине, биленә ҡайыш билбау таҡҡайны, – тип яуапланылар. – Тишбе ҡалаһынан Ильяс был, – тине батша. Батша пәйғәмбәргә башлыҡтары менән бергә илле яугир юлланы. Ильяс тау башында ултыра ине. Илле башы уның янына күтәрелеп: – Алла бәндәһе, батша һиңә төшөргә ҡушты, – тип өндәште. – Әгәр ҙә мин Алла бәндәһе икәнмен, күктән ут төшһөн дә һине лә, илле яугиреңде лә ялмап йотһон, – тип яуапланы Ильяс. Шул саҡ күктән ут төштө лә илле башын да, яугирҙәрен дә ялмап йотто. Батша йәнә башлыҡтары менән бергә илле яугир ебәрҙе. Илле башының быныһы ла: – Алла бәндәһе, батша һиңә тиҙерәк төшөргә ҡушты, – тип белдерҙе. – Әгәр ҙә мин Алла бәндәһе икәнмен, күктән ут төшһөн дә һине лә, илле яугиреңде лә ялмап йотһон, – тип яуап ҡайтарҙы Ильяс. Шул саҡ күктән ут төштө лә илле башын да, яугирҙәрен дә ялмап йотто. Батша яугирҙәре менән бергә өсөнсө илле башын ебәрҙе. Өсөнсө илле башы тауға менде лә Ильяс алдында тубыҡланып: – Эй Алла бәндәһе! Беҙ фәҡирҙәреңдең, минең һәм был илле яугирҙең йәненә ҡарата мәрхәмәтле булһаңсы, – тип ялбарҙы. – Быға тиклем килгән башлыҡтар менән уларҙың яугирҙәрен күктән төшкән ут ялмап юҡ итте. Инде минең йәнемде һәләк итмәсе, зинһар! – Ҡурҡма, уға эйәреп төш, – тине Раббы фәрештәһе Ильясҡа. Пәйғәмбәр был илле башы менән бергә батша янына китте. – Раббы: «Исраилда Алла булмағандай, һорашып белешер өсөн Ғәҡрон илаһы Бәғел-Зевувҡа илселәр ебәрҙең. Шуның өсөн ятҡан түшәгеңдән тора алмаҫһың, мотлаҡ үлерһең», – тип әйтә, – тип белдерҙе ул батшаға. Раббы Ильяс аша нисек белдергән булһа, Ахазъяһ шулай үлде. Улы булмағанға күрә, тәхеткә ҡустыһы Йорам ултырҙы. Был Йәһүҙәлә Йеһошафат улы Йеһорам батшалыҡ иткәндең икенсе йылында булды. Ахазъяһтың башҡа эштәре, ул ҡылған бөтә ғәмәлдәр тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған. Раббының Ильясты өйөрмә эсендә күккә алыр ваҡыты еткәндә, Ильяс менән Ильясиғин Гилгалдан сығып баралар ине. Ильяс Ильясиғинға: – Һин бында ҡал, Раббы мине Бейт-Илгә ебәрә, – тине. – Тере Раббы ла, һин дә шаһит: һинән айырылмайым, – тип яуапланы Ильясиғин. Бергәләшеп Бейт-Илгә киттеләр. Бейт-Илдә йәшәгән пәйғәмбәрҙәр төркөмө Ильясиғин янына килеп: – Раббының бөгөн хакимыңды һинән алып китәсәген беләһеңме? – тип һораны. – Беләм, өндәшмәгеҙ, – тип яуапланы Ильясиғин. Ильяс Ильясиғинға: – Һин ошонда ҡал, Раббы мине Йерихоға ебәрә, – тине. – Тере Раббы ла, һин дә шаһит: һинән айырылмайым, – тип яуапланы Ильясиғин. Бергәләшеп Йерихоға киттеләр. Унда йәшәгән пәйғәмбәрҙәр төркөмө Ильясиғинға килеп: – Раббының бөгөн хакимыңды һинән алып китәсәген беләһеңме? – тип һораны. – Беләм, өндәшмәгеҙ, – тип яуапланы Ильясиғин. Ильяс Ильясиғинға: – Һин ошонда ҡал, Раббы мине Иорданға ебәрә, – тине. – Тере Раббы ла, һин дә шаһит: һинән айырылмайым, – тип яуапланы Ильясиғин. Бергәләшеп артабан киттеләр. Пәйғәмбәрҙәр төркөмөнән иллеһе уларҙың артынан эйәрҙе һәм, Иорданға яҡынлашҡас, алыҫтараҡ туҡтаны. Ильяс менән Ильясиғин иһә йылға ярына килеп баҫты. Ильяс ябынсаһын алып төрҙө лә һыуға һуҡты. Йылға ике яҡҡа айырылды ла был икәү ҡоронан ҡаршы ярға сыҡты. Аръяҡҡа сыҡҡас, Ильяс Ильясиғиндан: – Әйт, яныңдан алып кителгәнемә тиклем һиңә нимә эшләйем? – тип һораны. – Һинең рухыңдан миңә мираҫҡа ике өлөш ҡалһын ине, – тине Ильясиғин. – Бик ҡыйын нәмә һорайһың, – тине Ильяс. – Әгәр минең эргәңдән нисек күтәрелеп киткәнемде күрһәң, теләгең үтәлгән булыр, күрмәһәң, булмаҫ. Улар һөйләшә-һөйләшә китеп бара ине, ҡапыл ялҡынлы аттар егелгән ут арбаһы пәйҙә булды ла уларҙы бер-береһенән айырҙы. Ильяс өйөрмәлә күккә ашты. Быны күргән Ильясиғин: – Атаҡайым! Атаҡайым! Һин Исраилдың яу арбаһы һәм һыбайлылары кеүек инең! – тип ҡысҡырҙы. Ул Ильясты башҡаса күрмәне. Ҡайғыһынан кейемен уртаға йыртып ырғытты. Шунан Ильястың өҫтөнән төшөп ҡалған ябынсаһын алды ла, боролоп, Иордан йылғаһы ярына килеп баҫты. – Ҡайҙа Ильястың Аллаһы Раббы? – тине ул ябынса менән йылғаға һуғып. Ябынсаның һыуға тейеүе булды, йылға икегә айырылды ла Ильясиғин арғы яҡҡа сыҡты. Йерихо пәйғәмбәрҙәре төркөмө алыҫтан быны күреп бер-береһенә: – Ильястың рухы Ильясиғинға иңде, – тиештеләр. Шунан уның алдына килеп, ергә тиклем баш эйҙеләр. – Беҙ фәҡирҙәрең араһында бик көслө илле кеше бар, – тине улар. – Хакимыңды эҙләп килергә рөхсәт итһәң ине. Бәлки, Раббы Рухы уны берәй тауға йәки үҙән буйына алып барып ҡалдырғандыр. – Юҡ, йөрөмәһендәр, – тип яуапланы Ильясиғин. Әммә улар үтә ныҡ өгөтләгәс, Ильясиғин ризалыҡ бирергә мәжбүр булды. – Ярар, барһындар, – тине. Илле кешене ебәрҙеләр. Улар өс көн буйы Ильясты эҙләне, әммә таба алманы. Шунан Йерихола ҡалған Ильясиғин янына ҡайттылар. – Мин һеҙгә, йөрөмәгеҙ, тип әйткәйнем бит, – тине уларға Ильясиғин. Йерихо халҡы Ильясиғинға: – Хакимыбыҙ, үҙең күреп тораһың, ҡалабыҙ ултырған урын бик уңайлы, тик һыуы насар ҙа тупрағы уңдырышһыҙ, – тип зарланды. – Өр-яңы сеүәтә алып килегеҙ, уның эсенә тоҙ һалығыҙ, – тине Ильясиғин. Сеүәтәгә тоҙ һалып килтерҙеләр. Ильясиғин һыуҙың инешенә барҙы ла унда тоҙ һибеп әйтте: – Раббы былай тип белдерә: «Был һыуҙы паклайым, инде уның арҡаһында үлем дә, түлһеҙлек тә булмаҫ». Нәҡ Ильясиғин әйткәнсә булды: һыу бөгөнгө көнгә тиклем пак һәм тап-таҙа тора. Йерихо ҡалаһынан сығып Бейт-Илгә юлланған Ильясиғинға бер төркөм бала-саға тап булды. Улар пәйғәмбәрҙе: – Таҙ баш, кит бар бынан, таҙ баш! – тип үсекләй башланы. Ильясиғин артына боролоп ҡараны ла балаларҙы Раббы исеме менән ҡарғаны. Шул саҡ урмандан ике инә айыу килеп сыҡты ла балаларҙың ҡырҡ икеһен ботарлап ырғытты. Ильясиғин бынан Кармәл тауына йүнәлде, унан Самарияға әйләнеп ҡайтты. Йәһүҙә батшаһы Йеһошафаттың ун һигеҙенсе йылында Самарияла Исраил тәхетенә Ахав улы Йорам ултырҙы һәм ун ике йыл батшалыҡ итте. Ул Раббы хуш күрмәгән ғәмәлдәр ҡылды, әммә әсәһе менән атаһы кеүек түгел ине, сөнки атаһының Бәғелгә бағышлап ҡуйҙырған табыныу бағанаһын ватып ташланы. Әммә ул Исраилды гонаһҡа батырған Яровғам Неват улының яман эштәрен дауам итте, уларҙан баш тартманы. Моав батшаһы Мешағ малды бик күп аҫырай ине. Ул Исраил батшаһына яһаҡҡа йыл һайын йөҙ мең һарыҡ бәрәсе һәм йөҙ мең һарыҡ тәкәһенең йөнөн ебәрә торған булды. Әммә Ахав үлгәндән һуң, Моав батшаһы Исраилға ҡаршы баш күтәрҙе. Шул саҡ Йорам батша Самариянан сыҡты ла бөтә Исраил ғәскәрен бер урынға тупланы. Ул Йәһүҙә батшаһы Йеһошафатҡа: – Моав батшаһы миңә ҡаршы фетнә күтәрҙе. Минең менән бергә уға ҡаршы яуға бараһыңмы? – тип хәбәр ебәрҙе. – Барам, – тип яуапланы Йеһошафат. – Һин нисек, мин дә шулай. Минең ғәскәрем – һинең ғәскәрең, минең аттарым – һинең аттарың. Шунан: – Ҡайһы юлдан барайыҡ? – тип һораны. – Эдом сүле юлынан, – тип яуап ҡайтарҙы Йорам. Исраил, Йәһүҙә һәм Эдом батшалары бергәләшеп юлға сыҡты. Урауҙан ете көн буйы барғас, уларҙың эсер һыуы бөттө. Ғәскәрҙәр ҙә, малдар ҙа сарсаны. – Һәләк булдыҡ! – тине Исраил батшаһы. – Раббы өсөбөҙҙө бергә Моав ҡулына бирергә йыйынғандыр. – Бында Раббының пәйғәмбәре юҡмы? – тип һораны Йеһошафат. – Уның аша Раббынан кәңәш һорар инек. – Шафат улы Ильясиғин бында. Ильястың ҡулына ул һыу ҡоя торғайны, – тип яуапланы Исраил батшаһының ярандарынан берәү. – Раббының һүҙен ул әйтә ала, – тине Йеһошафат. Шунан Йеһошафат, Исраил һәм Эдом батшалары бергәләшеп Ильясиғинға киттеләр. – Һиңә минән ни кәрәк? – тип ҡаршыланы Ильясиғин Исраил батшаһын. – Атаң менән әсәңдең пәйғәмбәрҙәренә барыр инең. – Улай тимә! – тине Исраил батшаһы. – Раббы беҙҙе, өс батшаны, моавтарҙың ҡулына тапшырыр өсөн бында йыйған. – Мин хеҙмәт иткән Күк ғәскәрҙәре Раббыһы шаһит: әгәр Йәһүҙә батшаһы Йеһошафатты ихтирам итмәһәм, һиңә күтәрелеп тә ҡарамаҫ инем, – тине Ильясиғин. – Ә хәҙер арфала уйнаған берәйһен табып килтерегеҙ. Арфасы килеп уйнай башлағайны, Ильясиғинға Раббының ҡөҙрәте иңде. – Раббы был үҙәндең һәр тарафында соҡорҙар ҡаҙырға ҡуша, – тине Ильясиғин. – Сөнки Раббы былай ти: «Ел дә, ямғыр ҙа күрмәҫһегеҙ, әммә үҙәнгә һыу тулыр. Үҙегеҙ ҙә, эре һәм ваҡ малдарығыҙ ҙа туйғансы эсерһегеҙ». Тик Раббы өсөн был ғына аҙ. Ул Моавты ла ҡулығыҙға тапшырыр. Уларҙың бөтә нығытмалы ҡалаларын һәм һайланма ҡалаларын яулап алырһығыҙ, бөтә яҡшы ағастарын ҡырҡып ташларһығыҙ, һыу сығанаҡтарын күмерһегеҙ, бөтә иң уңдырышлы баҫыуҙарын таш менән ҡыйларһығыҙ. Икенсе көндө иртәнсәк, икмәк саҙаҡаһы килтергән ваҡытта, Эдом яғынан һыу ағып килде лә бөтә үҙәнде тултырҙы. Батшаларҙың яу менән килгәнен ишетеп, Моав халҡының ҡорал тота алған йәше-ҡарты бергә тупланып, сик буйына баҫты. Иртә таңдан торҙолар. Ҡыҙарып ҡояш ҡалҡты һәм уның һыу өҫтөндәге сағылышы моавтарға алыҫтан ҡып-ҡыҙыл ҡан булып күренде. – Был бит ҡан! – тип ҡысҡырыштылар. – Ахыры, был батшалар үҙ-ара һуғышып, бер-береһен ҡырып бөткәндер. Әйҙәгеҙ, моавтар, яумал артынан барайыҡ! Әммә, тупламға яҡынлашыуҙары булды, исраилдар уларға ташланды. Моавтар ҡаса башланы, тегеләр иһә уларҙы арттарынан баҫтырып ҡырҙы. Ҡалаларын емерҙеләр, үткән береһе таш ырғытып, иң уңдырышлы баҫыуҙарын ҡыйланылар, һыу сығанаҡтарын күмделәр, яҡшы ағастарын ҡырҡып ташланылар. Ахыр сиктә бары тик Ҡир-Харәсәҫ ҡалаһының таш диуарҙары ғына тороп ҡалды. Һапҡы менән ҡоралланған яугирҙәр уны ла уратып алып һөжүм итте. Еңелә башлағанын һиҙеп, Моав батшаһы ҡылыслы ете йөҙ яугире менән Эдом батшаһының ғәскәрҙәре тәңгәленән йырып сыҡмаҡ булды, әммә уңышһыҙлыҡҡа осраны. Шул саҡ батша үҙе урынына тәхеткә ултырырға тейеш булған иң өлкән улын ҡала диуары өҫтөндә тотош яндырыу ҡорбаны итеп килтерҙе. Был хәл исраилдарҙы шул тиклем тетрәндерҙе ки, улар ҡаланан сигенде һәм боролоп үҙ илдәренә ҡайтып китте. Бер көндө Ильясиғинға пәйғәмбәрҙәр төркөмөндәге бер кешенең ҡатыны ярҙам һорап килде. – Эй хакимым, минең ирем, һинең ҡолоң, үлде! Үҙең беләһең, ул Раббынан ҡурҡҡан кеше ине. Әле иһә унан аласағы булған бер әҙәм килде лә бурыс өсөн ике улымды ҡол итергә теләй, – тине ул. – Һиңә нисек ярҙам итәйем һуң? – тине Ильясиғин. – Өйөңдә нимәләрең бар? – Мин ҡолоңдоң өйөндә бер һауыт зәйтүн майынан башҡа бер нәмә лә юҡ шул, – тип яуап ҡайтарҙы ҡатын. – Бөтә күршеләреңдән дә буш һауыт йыйып ал. Ни тиклем күберәк булһа, шул тиклем яҡшыраҡ. Шунан улдарың менән өйөгөҙгә инегеҙ ҙә, ишегегеҙҙе эстән бикләп, һауыттарға май тултырығыҙ. Тулған береһен ситкә ҡуя барығыҙ, – тине Ильясиғин. Ҡатын уның янынан ҡайтып китте. Улдары менән өйгә инеп, ишекте бикләнеләр. Улдары буш һауыттарҙы биреп торҙо, ҡатын уларҙы май менән тултырҙы. Ахыр сиктә улдарының береһенә: – Ҡана, тағы бир, – тигәйне, тегеһе: – Башҡа һауыт ҡалманы, – тип яуап ҡайтарҙы. Май шунда уҡ ағыуҙан туҡтаны. Ҡатын, Алла бәндәһенә барып, бөтәһен дә һөйләп бирҙе. – Бар, майҙы һатып, бурысыңды түлә, – тине пәйғәмбәр. – Ҡалғаны иһә улдарың менән йәшәргә етер. Бер көндө Ильясиғин Шунем ҡалаһына килде. Шунда уны бер бай ҡатын өйөнә төшкө ашҡа алып ҡайтты. Бынан һуң, ҡасан ғына Шунемға барһа ла, пәйғәмбәр ризыҡ ейер өсөн ошонда инер булды. Бер мәл ҡатын иренә: – Мин беләм, беҙгә йыш ҡына килеп йөрөгән был кеше изге бер Алла бәндәһе ул, – тине. – Әйҙә өҫкө ҡатта уның өсөн бер бәләкәй генә бүлмә төҙөйөк. Шунда түшәк һалырбыҙ, өҫтәл, ултырғыс, майшәм ҡуйырбыҙ. Ҡасан килһә лә, беҙгә төшөп йөрөр. Ильясиғин бер көндө килде лә, бүлмәһенә менеп, ял итергә ятты. Хеҙмәтсеһе Гехазиға: – Шунем ҡатынын саҡыр әле, – тине. Тегеһе ҡатынды саҡырҙы. Ҡатын ингәс, Ильясиғин хеҙмәтсеһенә: – Беҙгә ҡылған яҡшылыҡтарына ҡаршы нимә эшләй алабыҙ икән, һора әле. Батшаға йәки ғәскәр башлығына берәй үтенесе юҡмы? – тине. – Мин үҙ халҡым араһында бер ниндәй ҙә мохтажлыҡ күрмәй йәшәйем, – тип яуапланы ҡатын. – Уға нимә эшләй алабыҙ һуң? – тип һораны Ильясиғин Гехазиҙан. – Уның улы юҡ, ә ире ҡарт, – тине хеҙмәтсеһе. – Уны тағы саҡыр әле, – тине Ильясиғин. Хеҙмәтсеһе саҡырҙы. Ҡатын ишек төбөнә килеп баҫты. – Бер йылдан һуң ошо ваҡытта ҡосағыңда улың булыр, – тине Ильясиғин. – Юҡ, хакимым, – тип ҡаршы төштө ҡатын. – Һин бит Алла бәндәһе, мин ҡолоңдо, зинһар, алдама. Әммә ҡатын ауырға ҡалды һәм икенсе йылды Ильясиғин әйткән ваҡытта улы тыуҙы. Бала ҙурайҙы. Бер көндө ул атаһы менән баҫыуға ураҡсылар янына китте. Ҡапыл малай атаһына: – Уй, башым ауырта, башым! – тип ҡысҡырҙы. Атаһы хеҙмәтсегә улын тиҙ генә әсәһенә алып ҡайтырға бойорҙо. Хеҙмәтсе уны өйгә алып ҡайтты. Бала төшкә тиклем әсәһенең алдында ятты ла йән бирҙе. Әсә уны өҫкө бүлмәгә алып менде, Алла бәндәһенең түшәгенә һалды ла, ишекте ябып, тышҡа сыҡты. Шунан ирен саҡырып былай тине: – Миңә берәй хеҙмәтсе менән ишәк бир әле, тиҙ генә Алла бәндәһенә барып ҡайтайым. – Нишләп уға бөгөн бараһың? – тине ире. – Яңы ай байрамы ла, шәмбе лә түгел. – Зарар юҡ, – тип яуапланы ҡатын. Ишәкте эйәрләп менде лә хеҙмәтсегә: – Ҡыуала, мин һиңә әйтмәй тороп, яйлама, – тине. Кармәл тауына барып, Алла бәндәһе янына күтәрелде. Пәйғәмбәр ҡатынды алыҫтан уҡ абайлағайны. Хеҙмәтсеһе Гехазиға: – Ҡара әле, Шунемдан теге ҡатын килә ята, – тип өндәште. – Бар, йүгер, ҡаршы ал. «Ни хәлдәһегеҙ, ирең менән улың иҫән-һаумы?» – тип һора. – Барыһы ла яҡшы, – тип яуапланы ҡатын Гехазиға. Әммә тауға сығып еткәс, Алла бәндәһенең аяғына йығылды. Гехази уны торғоҙорға ынтылғайны, Ильясиғин тыйҙы. – Теймә, ҡайғыһы ҙур икәнен күрмәйһеңме ни? – тине. – Ниңә икәнен Раббы минән йәшерҙе, әшкәртмәне. – Эй хакимым, мин һинән бала һораныммы ни? – тине ҡатын. – Өмөтләндермә мине, зинһар, тип әйтмәнемме? – Гехази, йәһәт кенә әҙерлән дә юлға сыҡ, – тине Ильясиғин. – Таяғымды ал. Ҡара уны, бер ерҙә лә туҡтама. Үҙең һаулыҡ ҡушма, хатта сәләм биргәндәргә лә яуап ҡайтарма. Барып еткәс, таяғымды баланың битенә ҡуй. Әммә малайҙың әсәһе Ильясиғинға: – Тере Раббы ла, һин дә шаһит: һинән башҡа бынан аҙым да баҫасағым юҡ, – тине. Шунан Ильясиғин уның артынан юлға сыҡты. Гехази алданыраҡ барып етте. Ул Ильясиғиндың таяғын малайҙың битенә һалды. Әммә бала ҡымшанманы, тауыш та бирмәне. Гехази пәйғәмбәргә ҡаршы сыҡты. – Бала уянмай, – тип хәбәр итте. Ҡатындың өйөнә килеп еткәс, Ильясиғин түшәгендә үлеп ятҡан баланы күрҙе. Эскә инеп, артынан ишекте япты ла Раббыға ялбарҙы. Шунан ауыҙын малайҙың ауыҙына, күҙҙәрен – күҙҙәренә, ҡулдарын ҡулдарына терәп, үле кәүҙәнең өҫтөнә ҡапланды. Бер аҙҙан баланың тәне йылына башланы. Ильясиғин тороп, бүлмәлә арлы-бирле йөрөп әйләнде лә йәнә бала өҫтөнә ятты. Малай, ете тапҡыр сөскөргәс, күҙҙәрен асты. Ильясиғин Гехазиға баланың әсәһен саҡырырға ҡушты. Гехази саҡырҙы. Ҡатын ингәс, пәйғәмбәр уға: – Улыңды ал, – тине. Ҡатын ергә ҡапланып Ильясиғиндың аяҡтарын ҡосаҡланы, шунан балаһын алып аҫҡа төшөп китте. Ильясиғин Гилгалға әйләнеп ҡайтты. Бында аслыҡ ине. Эргәһенә бер төркөм пәйғәмбәрҙәр йыйылғас, хеҙмәтсеһенә ҙур ҡаҙанды усаҡҡа ҡуйып уларға ашарға бешерергә ҡушты. Пәйғәмбәрҙәрҙән берәү ҡырға йәшелсә йыйырға сыҡҡайны, шунда сырмалып үҫкән бер үҫемлек тапты. Уның емештәрен итәк тултырып алып ҡайтты ла, турап, ҡаҙанға һалды, әммә бының нимә икәнен бер кем дә белмәне. Бына ашты ҡойоп бирҙеләр. Әммә уны ауыҙҙарына ҡабыу менән: – Эй Алла бәндәһе, ҡаҙанда – үлем! – тип ҡысҡырыша башланылар. Ашты бер кем дә ашай алманы. Ильясиғин саҡ ҡына он һорап алды ла уны ҡаҙанға һалды. Шунан: – Инде ҡойоп бирегеҙ, ашаһындар, – тине. Ашта бер ниндәй ҙә зарарлы нәмә ҡалмағайны. Бәғел-Шалишанан бер кеше Алла бәндәһенә тәүге уңыштан егерме арпа көлсәһе менән тоҡта башаҡтар алып килде. – Кешеләргә өләшеп бир, – тине Ильясиғин хеҙмәтсеһенә. – Ашаһындар. – Бының нимәһен бирәйем, йөҙ кешегә етерлек түгел бит, – тип ғәжәпләнде хеҙмәтсе. – Өләшеп бир, – тип яуапланы Ильясиғин. – Сөнки Раббы былай ти: «Туйғансы ашарҙар, өҫтәүенә артып та ҡалыр». Хеҙмәтсе уларҙы кешеләрҙең алдына һалды. Раббы әйткәнсә булды, туйғансы ашанылар, хатта артып та ҡалды. Арам батшаһының Нағаман тигән ғәскәр башлығы бар ине. Хакимы уны ифрат ныҡ хөрмәт итә һәм ололай торғайны, сөнки Раббы уларға Нағаман аша еңеү биргәйне. Нағаман бик ҡаһарман яугир ине, тик махау ауырыуынан йонсоно. Бер мәл арамиҙар Исраилға барымта менән барғанда, бәләкәй генә ҡыҙҙы әсиргә алғайны. Уны Нағамандың ҡатынына хеҙмәтселеккә бирҙеләр. Шул бала хужабикәһенә: – Хакимым Самариялағы пәйғәмбәргә барһа ине. Пәйғәмбәр уны махау сиренән ҡотҡара ала, – тине. Нағаман, хакимы батшаға барып, Исраил ҡыҙының әйткәндәрен һөйләп бирҙе. Батша уға: – Бар, әлбиттә, мин Исраил батшаһына хат яҙып бирермен, – тип яуапланы. Нағаман ун талант көмөш, алты мең шекел алтын, ун алмаш кейем алды ла юлға сыҡты. Ул килеп: «Был хат менән һиңә махау сиренән ҡотҡарыр өсөн ҡолом Нағаманды ебәрәм», – тип яҙылған хатты Исраил батшаһына тапшырҙы. Хатты уҡығас, Исраил батшаһы йәне көйөүҙән кейемдәрен йыртҡыслап ташланы. – Үлтерергә һәм терелтергә ҡөҙрәте булған Алламы ни мин! Нишләп ул миңә махау сиренән һауыҡтырырға кеше ебәреп ята? Күреп торорһоғоҙ, миңә бәйләнергә сәбәп эҙләй ул, – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Алла бәндәһе Ильясиғин, Исраил батшаһының кейемдәрен йыртҡанын ишеткәс, уға: «Нишләп кейемеңде йыртаһың? Ул кеше миңә килһен. Исраилда пәйғәмбәр барлығын белһен», – тигән хәбәр ебәрҙе. Нағаман аттары, яу арбалары менән килеп, Ильясиғиндың ишеге төбөнә туҡтаны. Ильясиғин уға: «Бар, Иордан йылғаһында ете тапҡыр йыуын, шунан тәнең махау ауырыуынан сәләмәтләнер һәм таҙа булырһың», – тип әйтергә ҡушты. Быны ишеткәс, Нағаман туҙынып китте. – Нишләп үҙе сыҡмай? Ә мин ул алдыма баҫыр, Аллаһы Раббының исемен саҡырыр, ҡулын ауыртҡан урыным өҫтөнән йөрөтөр, мине шул рәүешле махауҙан һауыҡтырыр, тип уйлағайным. Дамасктың Авана менән Парпар йылғаһы Исраилдың бөтә йылғаларынан да артыҡ. Улай еңел генә булһа, мин шуларҙа йыуынып таҙарыныр инем, – тип асыулана-асыулана боролоп китте. Ярандары иһә артынан эйәреп: – Хакимыбыҙ, әгәр пәйғәмбәр һиңә берәй ҡыйын нәмә ҡушһа, үтәмәҫ инеңме ни? Ә ул һиңә: «Йыуын да таҙарынырһың», – тип кенә әйтте, – тинеләр. Нағаман, Иордан йылғаһына барып, Алла бәндәһе әйткәнсә, ете тапҡыр сумып сыҡҡайны, тәне сабыйҙыҡы кеүек шып-шыма, таҙа булып китте. Нағаман, оҙатып йөрөүселәрен эйәртеп, Ильясиғин янына ҡабат килде. Уның ҡаршыһына баҫып: – Инде мин Исраилдан башҡа донъяның бер ерендә лә Алла юҡлығын белдем, – тине. – Мин ҡолоңдоң бүләктәрен ҡабул итеп алһаңсы. – Мин хеҙмәт иткән тере Раббы шаһит: һинән бер нәмә лә алмайым, – тип яуапланы Ильясиғин. Нағаман нисек кенә инәлһә лә, пәйғәмбәр баш тартыуын дауам итте. Ахырҙа Нағаман: – Бүләгемдән баш тартаһың икән, исмаһам, мин ҡолоңа ике ҡасырҙың көсө етерҙәй тупраҡ алып ҡайтырға рөхсәт бир, – тип үтенде. – Сөнки мин ҡолоң инде Раббынан башҡа илаһтарға тотош яндырыу ҡорбандары ла, бүтән ҡорбандар ҙа килтермәйәсәк. Тик Раббы миңә бер генә нәмәне ғәфү итә күрһен: батшам илаһ Риммондың ҡорамына табынырға барған ваҡытта миңә таянған саҡта, уның менән бергә ергә йөҙтүбән ҡапланғаным өсөн Раббы мин ҡолоңдо ярлыҡаһын. – Иҫән-аман йөрө, – тине Ильясиғин. Нағаман Ильясиғин янынан сығып, байтаҡ китеп өлгөргәйне, Алла бәндәһе Ильясиғиндың хеҙмәтсеһе Гехази: «Хужам был арами Нағамандың бүләктәрен алмайынса, бигерәк еңел ебәрҙе. Тере Раббы шаһит: артынан барып, берәй нәмә һорап ҡалайым әле», – тип уйланы. Нағамандың артынан йүгерҙе. Нағаман, кемдеңдер баҫтырып килгәнен абайлап, арбаһынан төштө. – Барыһы ла именме? – тип Гехазиға ҡаршы атланы. – Имен-аман, – тип яуапланы хеҙмәтсе. – Тик хужамдың бер үтенесе бар. Әфраим таулығындағы пәйғәмбәрҙәр төркөмөнән ике егет килгән. Шуларға бер талант көмөш менән икешәр алмаш кейем бирмәҫһеңме? – Зинһар, ике талант ал, – тине Нағаман. Уны күндереп, ике тоҡҡа берәр талант көмөш һалып бәйләне, икешәр ҡат кейем бирҙе. Шуларҙы тоттороп, ике хеҙмәтсеһен Гехазиҙы оҙатырға ебәрҙе. Үҙе йәшәгән ҡалҡыулыҡҡа еткәс, Гехази хеҙмәтселәрҙең ҡулынан тоҡтарҙы алды ла өйөнә алып барып йәшерҙе. Нағамандың хеҙмәтселәрен кире ебәрҙе. Шунан ул хакимы Ильясиғин янына китте. – Ҡайҙа барып килдең, Гехази? – тип һораны пәйғәмбәр. – Һинең ҡолоң бер ҡайҙа ла барманы, – тип яуапланы хеҙмәтсеһе. – Ул кеше арбаһынан төшөп ҡаршыңа килгәндә рухым һинең менән түгел инеме ни? Аҡса йәки кейем, зәйтүн һәм йөҙөм ағастары, эре мал менән һарыҡ-кәзә, ҡолдар һәм ҡолиәләр ала торған ваҡытмы ни? – тине Ильясиғин. – Шуға күрә Нағамандың махау сире мәңгелеккә һиңә һәм тоҡомоңа күсһен. Гехази пәйғәмбәр янынан ҡарҙай ағарып махау ауырыулы булып сыҡты. Бер көндө пәйғәмбәрҙәр төркөмө Ильясиғинға: – Һинең ҡатарыңда йәшәгән урыныбыҙ бик бәләкәй. Иордан буйында һәр ҡайһыбыҙ берәр ағас йығып, үҙебеҙгә шунда өй һалып алырға рөхсәт бирһәң ине, – тип мөрәжәғәт итте. – Барығыҙ, – тип яуапланы Ильясиғин. Араларынан берәүһе: – Һин дә беҙ ҡолдарың менән бергә барһаң ине, – тип үтенде. – Ярар, барырмын, – тине Ильясиғин һәм улар менән бергә китте. Иордан буйына барып еткәс, ағас ҡырҡа башланылар. Шунда берәүһенең балта башы ысҡынып китте лә йылғаға батты. – Аһ, хакимым, – тип ҡысҡырып ебәрҙе теге. – Уны мин кешенән генә алып торған инем. – Ҡайһы тирәгә төштө? – тип һораны Алла бәндәһе. Тегеһе балта батҡан урынды күрһәтте. Пәйғәмбәр бер сыбыҡ ҡырҡып алды ла шул тәңгәлгә ырғытты. Балта башы шунда уҡ ҡалҡып сыҡты. – Ана, ал, – тине Ильясиғин. Теге кеше ынтылып балта башын алды. Арам батшаһының, Исраил менән һуғыш хәлендә булған сағында, ярандарын йыйып кәңәш ҡора һәм: «Тупламымды ошондай-ошондай урында ҡорормон», – тип белдерә торғайны. Алла бәндәһе иһә Исраил батшаһын: – Шундай-шундай урында йөрөмә, сөнки арамиҙар шунда барырға йыйына, – тип иҫкәртеп тора. Исраил батшаһы Алла бәндәһе әйткән урынға кешеләр ебәреп, унда йәшәүселәрҙе иҫкәртә һәм улар һаҡ тора. Әллә нисәмә тапҡыр шулай булды. Был хәлгә Арам батшаһы бик ҡаты асыуланды. Ул ярандарын йыйып алды ла: – Әйтегеҙ әле миңә, ҡайһығыҙ Исраил батшаһы яҡлы? – тип һораны. – Беребеҙ ҙә түгел, хакимым батша, – тип яуап ҡайтарҙы ярандарының береһе. – Исраилда йәшәгән Ильясиғин пәйғәмбәр хатта йоҡо бүлмәңдә һөйләгән хәбәреңде лә белеп, Исраил батшаһына еткерә ала. – Барығыҙ, ҡайҙалығын асыҡлағыҙ. Мин уны әсиргә алам, – тип бойорҙо батша. Уға: – Доҫанда ул, – тип хәбәр иттеләр. Батша унда һыбайлыларҙан һәм яу арбаларынан торған ҙур ғәскәр ебәрҙе. Төн йөҙөндә килеп ҡаланы ҡаманылар. Алла бәндәһенең хеҙмәтсеһе иртәнсәк тороп сыҡҡайны, ҡаланың яу арбалары, һыбайлыларҙан торған ғәскәр тарафынан ҡамап алынғанын күрҙе. – Харап булдыҡ, хакимым! Хәҙер нимә эшләйбеҙ инде? – тип һораны. – Ҡурҡма, беҙҙең менән булғандар уларҙыҡына ҡарағанда күберәк, – тине Ильясиғин. Шунан: – Йә Раббы, хеҙмәтсемдең күҙен ас, күрһен, – тип доға ҡылды. Раббы хеҙмәтсенең күҙен асты. Егет ҡараһа, ни күрә: Ильясиғиндың эргәһендәге тау утлы аттар һәм яу арбалары менән ҡапланған. Арамиҙар яҡыныраҡ килгәс, пәйғәмбәр Раббыға: – Уларҙың күҙҙәрен һуҡырайт, – тип доға ҡылды. Раббы Ильясиғиндың үтенесе буйынса уларҙы һуҡырайтты. Шунан һуң Ильясиғин арамиҙарға: – Һеҙ яңылыш юлдан бөтөнләй икенсе ҡалаға килгәнһегеҙ. Эйәрегеҙ, мин һеҙҙе туп-тура эҙләгән кешегеҙгә алып барам, – тине лә Самария ҡалаһына алып китте. Арам яугирҙәре ҡалаға килеп еткәс, Ильясиғин: – Йә Раббы, уларҙың күҙҙәрен ас, күрһендәр, – тип доға ҡылды. Раббы уларҙың күҙҙәрен асҡайны, улар үҙҙәренең Самария уртаһында торғандарын күрҙе. Арам ғәскәрен күргәс, Исраил батшаһы Ильясиғиндан: – Атаҡай, уларҙы үлтерәйемме? – тип һораны. – Юҡ, – тип яуапланы пәйғәмбәр. – Уларҙы бит уҡ-һаҙағың, ҡылысың менән әсир итмәнең. Ашатып-эсер ҙә үҙҙәренең хужаларына ҡайтып китһендәр. Батша арамиҙар ғәскәре өсөн ҙур табын әҙерләргә бойорҙо. Ашатып эсергәс, уларҙы ҡайтарып ебәрҙе, һәм арамиҙар үҙҙәренең хужаларына әйләнеп ҡайтты. Ошонан алып арамиҙар Исраил еренә баҫып инеүҙән туҡтаны. Байтаҡ ваҡыт үткәс, арами батшаһы Бен-Һадад бөтә ғәскәрен туплап, Самарияға һөжүм итте һәм уны ҡамап алды. Ҡамау шул тиклем оҙаҡ булды ки, ҡалала ҡаты аслыҡ башланды, хатта бер ишәк башы һикһән шекел көмөшкә, сирек кав күгәрсен тиҙәге биш шекел көмөшкә һатыла ине. Бер көн Исраил батшаһы ҡала диуары буйлап йөрөгәндә, ниндәйҙер ҡатын: – Хакимым батша, миңә ярҙам итһәңсе, – тип ялбарҙы. – Раббы ярҙам итмәгәндә, мин һиңә нисек ярҙам итә алам? Ырҙында ашлығым, иҙгестә шарабым бармы әллә? – тине батша. Шулай ҙа: – Нимә булды һуң? – тип һораны. – Анау ҡатын миңә: «Улыңды бир. Әйҙә бөгөн уны ашайыҡ, иртәгә минекен ашарбыҙ», – тигәйне. Минең улымды бешереп ашаныҡ. Икенсе көндө уға: «Улыңды алып кил, уны ашайыҡ», – тип барһам, ул балаһын йәшереп ҡуйған, – тине ҡатын. Ҡатындың әйткәнен ишеткәс, батша хәсрәтенән кейемен йыртҡылап ташланы. Ул ҡала диуарының өҫтөндә торғанлыҡтан, халыҡ уның эстән ҡыл кейем кейгәнен күрҙе. – Әгәр бөгөн Шафат улы Ильясиғиндың башы урынында ҡалһа, миңә Алланың ҡаты ҡәһәре төшһөн, – тине батша. Шунан Ильясиғинға кеше ебәрҙе. Был мәлдә пәйғәмбәр ҡаланың аҡһаҡалдары менән өйөндә ултыра ине. Теге килгәнгә тиклем үк уларға: – Күрерһегеҙ, был үлтереүсе минең башымды ашарға кеше ебәргән. Ул бәндә килеү менән ишекте ябығыҙ, эскә индермәгеҙ. Уның артынан уҡ хакимы батша үҙе килеп етәсәк! – тине. Әйтеп тә бөтмәне, батша килеп тә етте. Ул: – Был бәлә-ҡазалар Раббынан бит. Инде ни өсөн миңә Уға өмөт бағларға? – тине. – Раббының әйткәненә ҡолаҡ һалығыҙ, – тине Ильясиғин. – Ул былай ти: «Иртәгә ошо ваҡытта Самарияның ҡапҡаһы янында бер сеа иң һәйбәт он һәм ике сеа арпа бер шекел көмөшкә һатыласаҡ». Батшаның оҙатып йөрөгән иң яҡын яраны Алла бәндәһенә яуап итеп: – Раббы күк ҡабағын асҡан хәлдә лә былай булаһы түгел, – тине. – Был хәлде үҙ күҙҙәрең менән күрерһең, тик бер тәғәмен ҡабырға ла насип булмаҫ, – тине Ильясиғин. Был мәлдә ҡала ҡапҡаһы эргәһендә махау ауырыулы дүрт кеше ултыра ине. Улар бер-береһенә: – Нимә тип беҙ бында үлем көтөп ултырабыҙ? Ҡалаға инәйек тиһәк, унда аслыҡ – үләсәкбеҙ. Бында ултырһаҡ та шул уҡ үлем. Әйҙә арамиҙар тупламына барайыҡ. Тере ҡалдырһалар, йәшәрбеҙ; үлтерһәләр – үлербеҙ, – тине. Эңер ҡараңғылығында арамиҙар тупламына йүнәлделәр. Барһалар – унда бер кем дә юҡ. Сөнки Раббы Хаким арами тупламына яу арбаларының гөрһөлдәүе, ат тояҡтарының туҡылдауы – ҙур бер ғәскәр сығарған тауышты ишеттергәйне. Арамиҙар бер-береһенә: «Ҡарағыҙ әле, Исраил батшаһы беҙгә ҡаршы хитти һәм Мысыр батшаларын яллаған, күрәһең», – тиешеп, сатырҙарын, аттарын, ишәктәрен, бөтә тупламды, нисек булған, шул килеш ташлап, йәндәрен ҡотҡарыр өсөн төн ҡараңғылығына тороп йүгергәндәр. Теге махау ауырыулы кешеләр туплам янына килеп, бер сатырға инде. Унда туйғансы ашап-эскәндән һуң, алтын-көмөш, кейем-һалым алып сыҡтылар ҙа бер урынға йәшереп ҡуйҙылар. Шунан икенсе сатырға инделәр. Унан да алып сығып йәшерҙеләр. Артабан иһә: – Яңылыш эшләйбеҙ беҙ, – тиештеләр. – Был һөйөнөслө хәбәрҙе еткермәйенсә таңға саҡлы көтһәк, ғәйепкә тарырбыҙ. Әйҙәгеҙ, батша һарайына барып әйтәйек. Самарияға кире килеп, ҡапҡа һаҡсыларын саҡырҙылар ҙа уларға: – Арамиҙарҙың тупламына барғайныҡ. Унда бер кем дә юҡ, тып-тын. Аттары менән ишәктәре генә бәйле тора. Сатырҙарын да, нисек бар, шулай ташлап киткәндәр, – тип һөйләп бирҙеләр. Һаҡсылар был хәбәрҙе батша һарайына еткерҙе. Төн ине әле. Батша тороп ярандарына: – Арамиҙарҙың ниәтен беләм мин, – тине. – Уларға беҙҙең аслыҡтан интеккәнебеҙ билдәле. Шуға күрә тупламдарын ташлап ҡырҙа йәшенгәндәр ҙә беҙҙең ҡаланан сыҡҡанды көтәләрҙер. Сығыуыбыҙ булыр, беҙҙе тереләй тотоп алырҙар, ҡаланы ҡулға төшөрөрҙәр. Шул саҡ батша ярандарының береһе: – Ҡалала ҡалған аттарҙың бишеһен алайыҡ та бер нисә кешене тупламға нимә булғанын белергә ебәрәйек. Унда барғандың да, бында ҡалған исраилдарҙың да шул бер яҙмыш – үлем бит, – тип тәҡдим итте. Аттарҙы ике яу арбаһына ектеләр һәм батша бер нисә кешене: – Барығыҙ, ни булғанын белеп ҡайтығыҙ, – тип арамиҙар ғәскәре артынан оҙатты. Улар арамиҙар ғәскәре эҙенән Иордан йылғаһына тиклем барҙы. Юл буйынса арамиҙар ҡасҡан ваҡытта ташлап киткән кейем-һалым һәм башҡа нәмәләр аунап ята ине. Кире ҡайтып, был хаҡта батшаға хәбәр иттеләр. Самария халҡы ҡаланан сығып, арамиҙар тупламын талай башланы. Әйбер шул тиклем күп ине, шуға күрә хас та Раббы әйткәнсә булды: бер сеа иң һәйбәт он һәм ике сеа арпа бер шекел көмөшкә һатылды. Батша ҡала ҡапҡаһын һаҡларға үҙен оҙатып йөрөгән иң яҡын яранын билдәләгәйне. Тышҡа атлыҡҡан халыҡ уны ҡапҡа эргәһендә тапап үлтерҙе. Алла бәндәһе был хаҡта алдан, батша уның янына килгәндә әйткәйне. Барыһы ла Алла бәндәһе батшаға әйткәнсә булды: «Иртәгә ошо мәлдә Самария ҡапҡаһы янында ике сеа арпа һәм бер сеа иң һәйбәт он бер шекел көмөшкә һатыласаҡ», – тип әйткәс, батшаның был яраны: «Раббы күк ҡабағын асҡан хәлдә лә былай булаһы түгел», – тип яуап ҡайтарғайны. Алла бәндәһе иһә: «Был хәлде үҙ күҙҙәрең менән күрерһең, тик бер тәғәмен ҡабырға ла насип булмаҫ», – тигәйне. Шулай булды ла: халыҡ ул яранды ҡапҡа төбөндә тапап китте һәм яран үлде. Ильясиғин үҙе терелткән баланың әсәһенә: – Һин бар, ғаиләңде ал да бынан кит. Ҡайһы ерҙә йәшәй алһаң, шунда урынлаш. Раббы был ергә ҡытлыҡ ебәрә. Ете йыл буйы бында аслыҡ буласаҡ, – тигәйне. Ҡатын Алла бәндәһенең әйткәнен тыңлап, ғаиләһе менән пелешти еренә күсеп китте һәм ете йыл шунда йәшәне. Ете йылдан һуң ул пелештиҙәр еренән әйләнеп ҡайтты ла, баҫыуы менән өйөн кире биреүҙе юллап, батшаға килде. Тап шул ваҡытта батша Алла бәндәһенең хеҙмәтсеһе Гехазиҙан Ильясиғин ҡылған бөйөк ғәмәлдәр тураһында һорашып ултыра ине. Гехази батшаға пәйғәмбәрҙең үлгән баланы терелткәне хаҡында һөйләгәндә, үҙенең йортон һәм баҫыуын ҡайтарыуҙы һорап, улы терелгән ҡатын килеп инде. – Хакимым батша, – тине Гехази. – Ана мин һөйләгән ҡатын. Ә эргәһендә Ильясиғин терелткән улы тора. Батша ҡатындан һораша башланы. Ҡатын барыһын да бәйнә-бәйнә һөйләп бирҙе. Шунан һуң батша һарай әһелдәренең береһен саҡырып, ҡатындың эштәрен яйға һалыуҙы хәстәрләргә ҡушты. – Был ҡатындың бар мөлкәтен һәм ул илдән сығып киткәндән алып бөгөнгө көнгә ҡәҙәр уның ере биргән уңышты ҡайтарып бирһендәр, – тип бойорҙо. Ильясиғин Дамаскка килде. Был осорҙа Арам батшаһы Бен-Һадад ауырып ята ине. Батшаға Алла бәндәһенең ҡалала икәнен хәбәр иттеләр. Батша Хазаил тигән кешегә: – Бүләк ал да Алла бәндәһенә ҡаршы сыҡ. Уның аша Раббынан һора: был сирҙән ҡотолорға насип булырмы миңә, юҡмы? – тине. Хазаил бүләккә Дамасктағы иң яҡшы нәмәләрҙе һайлап алды ла, уларҙы ҡырҡ дөйәгә артмаҡлатып, Ильясиғинға юлланды. Уны осратҡас: – Ҡолоң Арам батшаһы Бен-Һадад сиренән ҡотолорға насип булырмы-юҡмы икәнен белешергә ебәрҙе, – тине. – Ҡайтып уға: «Һауығаһың», тип әйт, тик Раббы миңә уның үләсәген белдерҙе, – тип яуапланы Ильясиғин. Шунан Алла бәндәһе Хазаилға, ул уңайһыҙланғансы, оҙаҡ ҡарап торҙо ла илап ебәрҙе. – Хакимым, нишләп илайһың? – тип һораны Хазаил. – Һинең Исраил халҡына ниндәй яуызлыҡтар ҡыласағыңды беләм, – тине Ильясиғин. – Ҡәлғәләрен яндырасаҡһың, егеттәрен ҡылыстан үткәрәсәкһең, сабыйҙарын киҫәктәргә тураҡлаясаҡһың, ауырлы ҡатындарының ҡарынын ярасаҡһың. – Мин ҡолоң бер ҡорсаңғы эт кенә бит. Шул тиклем эштәрҙе башҡарырға ҡайҙан ҡулымдан килһен? – тине Хазаил. – Раббы миңә һинең Арам батшаһы буласағыңды белдерҙе, – тип яуап ҡайтарҙы Ильясиғин. Хазаил Ильясиғин янынан хакимы батшаға әйләнеп ҡайтты. – Алла бәндәһе нимә тине? – тип һораны Бен-Һадад. – Мотлаҡ шәбәйәсәкһең, тине, – тип яуапланы Хазаил. Әммә икенсе көндө юрған алып һыуланы ла, батшаның битенә ҡаплап, үлтерҙе. Үҙе уның урынына тәхеткә ултырҙы. Ахав улы Йорамдың Исраилда батшалыҡ итеүенең бишенсе йылында, Йеһошафат әле Йәһүҙә батшаһы булған саҡта, тәхеткә уның улы Йеһорам ултырҙы. Батша булғанда Йеһорамға утыҙ ике йәш ине. Ул Йәрүсәлимдә һигеҙ йыл хакимлыҡ итте. Ҡатыны Ахавтың ҡыҙы булғанлыҡтан, Йеһорам, Ахав нәҫеле һымаҡ, Исраил батшаларының юлын ҡыуҙы, Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды. Шулай булһа ла Раббы, ҡоло Дауыт хаҡына Йәһүҙәне һәләк итергә теләмәй ине, сөнки уға, шәмең һәр ваҡыт янып торор, тип вәғәҙә биргәйне. Йеһорам батша булған ваҡытта эдомдар Йәһүҙәгә ҡаршы баш күтәреп уның хакимлығы аҫтынан сыҡты һәм үҙҙәренә батша һайлап ҡуйҙы. Йеһорам бөтә яу арбалары менән Сағирға йүнәлде. Бында уны Эдом ғәскәре уратып алды. Әммә Йеһорам төндә яу арбаларының башлыҡтары менән бергә ҡамалышты йырып сыҡты. Йәһүҙә яугирҙәре өйҙәренә ҡасып ҡайтып китте. Ошо ваҡыттан алып бөгөнгә тиклем Эдом Йәһүҙәгә буйһонмай. Шул осорҙа Ливна ҡалаһы ла баш күтәрҙе. Йеһорамдың ҡалған бөтә ғәмәлдәре тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған. Йеһорам вафат булып ата-бабалары хозурына күсте һәм Дауыт ҡалаһында ата-бабалары янында ерләнде. Унан һуң улы Ахазъяһ батша булды. Исраил батшаһы Йорам Ахав улы хакимлығының ун икенсе йылында Йәһүҙә тәхетенә Йеһорам улы Ахазъяһ ултырҙы. Ахазъяһ егерме ике йәшендә батша булды һәм Йәрүсәлимдә бер йыл батшалыҡ итте. Уның әсәһе Исраил батшаһы Ғомриҙың ейәнсәре Ғаҫалъяһ ине. Ахав нәҫеле менән туғанлашҡанға күрә, Ахазъяһ та Ахав йортоноң юлын ҡыуҙы, Раббы күҙендә яман булған ғәмәлдәр ҡылды. Ахазъяһ Исраил батшаһы Йорам Ахав улы менән бергә Ғилғәд Рамоҫына Арам батшаһы Хазаилға ҡаршы яуға барҙы. Был һуғышта арамиҙар Йорамды яраланы. Йорам батша Арам батшаһы Хазаил менән һуғышҡанда алған яраларын дауаларға Изреғилгә ҡайтты. Йәһүҙә батшаһы Йеһорам улы Ахазъяһ Ахав улы Йорамдың хәлен белешергә тип Изреғилгә килде. Ильясиғин пәйғәмбәрҙәр төркөмөнән берәүһен саҡырып алды ла уға: – Юлға әҙерлән, бынау зәйтүн майлы һауытты алып, Ғилғәд Рамоҫына бар, – тине. – Унда барғандан һуң, Нимшиҙың ейәне, Йеһошафаттың улы Йеһуҙы тап. Уны иптәштәре араһынан саҡырып ал да төпкө бүлмәгә алып ин. Шунан һауыттағы зәйтүн майын башына ҡой ҙа: «Раббы һиңә: „Мин һине Исраилға батша итеп мәсехләнем“, тип белдерә», – тиерһең дә ишектән сыға һалып йүгерерһең. Йәш пәйғәмбәр Ғилғәд Рамоҫына юлланды. Унда яу баштарының бер урында кәңәшләшеп ултырғанын күрҙе. – Һиңә әйтәһе хәбәрем бар ине, яу башы, – тине ул. – Ҡайһыбыҙға өндәшәһең? – тип һораны Йеһу. – Һиңә, яубашы, – тип яуапланы егет. Йеһу, урынынан тороп, өйгә инде. Йәш пәйғәмбәр зәйтүн майын Йеһуҙың башына ҡойҙо ла былай тине: – Исраил Аллаһы Раббы былай тип белдерә: «Һине халҡым Исраилға батша итеп мәсехләнем. Хакимың Ахавтың ғаиләһен тотош юҡ итерһең. Шулай итеп Мин Үҙемә хеҙмәт иткән пәйғәмбәрҙәремдең һәм бөтә ҡолдарымдың түгелгән ҡандары өсөн Изевелдән үс алам. Ахав йорто юҡ булыр. Исраилда уның нәҫеленән булған ир енесенең барыһын да, иреклеме ул, ҡолмо, ҡырып бөтәм. Неват улы Яровғам менән Ахияһ улы Бағшаның нәҫеленә ни ҡылған булһам, Ахав нәҫеленә лә шуны эшләйем. Изреғил биләмәһендә Изевелдең мәйетен эттәр ашар, уны ерләүсе булмаҫ». Йәш пәйғәмбәр ошоларҙы әйтеп бөттө лә тиҙ генә ишектән сығып йүгерҙе. Йеһу хеҙмәттәштәре янына сыҡты. Араларынан береһе: – Имен-аманмы? Был тиленең һиндә ниндәй йомошо бар? – тип һораны. – Уның кем икәнен, нимәләр һөйләй алғанын һеҙ үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ, – тине Йеһу. – Һин нимәлер йәшерәһең. Уның нимә тип әйткәнен һөйлә әле, – тиештеләр. Йеһу ул йәш пәйғәмбәрҙең: «Раббы былай тип әйтә: „Мин һине Исраилға батша итеп мәсехләнем“», – тигәнен һөйләп бирҙе. Хеҙмәттәштәре шунда уҡ өҫ кейемдәрен сисеп Йеһуҙың аяҡ аҫтына, баҫҡысҡа түшәнеләр ҙә борғо ҡысҡыртып: – Йеһу батша булды! – тип иғлан иттеләр. Нимшиҙың ейәне, Йеһошафаттың улы Йеһу Йорамға ҡаршы фетнә күтәрҙе. Ул саҡта Йорам менән Исраил ғәскәре Ғилғәд Рамоҫында Арам батшаһы Хазаилға ҡаршы тора ине. Йорам батша Изреғилгә Арам батшаһы Хазаилға ҡаршы һуғышта алған яраһын дауаларға ҡайтҡайны. – Әгәр минең яҡлы булһағыҙ, бер кемдең дә Рамоҫтан Изреғилгә барып хәбәр еткереүенә юл ҡуймағыҙ, – тине Йеһу иптәштәренә. Шунан яу арбаһына ултырып, Изреғилгә китте. Яралы Йорам шунда ята һәм Йәһүҙә батшаһы Ахазъяһ уның хәлен белергә килгәйне. Изреғил манараһы башында торған күҙәтсе күмәк атлылар менән сабып килгән Йеһуҙы абайлап ҡалды ла: – Бер төркөм сапҡынсыларҙы күрәм! – тип ҡысҡырҙы. – Ҡаршыларына һыбайлы ебәрегеҙ. Именлек менән киләләрме, һораһын, – тип бойорҙо Йорам. Һыбайлы Йеһуға ҡаршы сабып барҙы ла: – Батша: «Именлек менән киләһегеҙме?» тип һорай, – тине. – Был һинең эшең түгел, – тип яуапланы Йеһу. – Әйҙә, минең арттан төш! Күҙәтсе илсенең сапҡынсыларға барып еткәнен, әммә кире боролоп ҡайтмағанын хәбәр итте. Икенсе һыбайлыны ебәрҙеләр. Ул да былар алдына килеп: – Батша: «Именлек менән киләһегеҙме?» тип һорай, – тине. – Был һинең эшең түгел, – тип яуапланы Йеһу. – Әйҙә минең арттан төш! – Илсе барып етте, әммә кире боролманы, – тип хәбәр итте күҙәтсе батшаға. – Ҡотороноп сапҡанына ҡарағанда, Нимши улы Йеһуға оҡшаған. – Ат егегеҙ! – тип бойорҙо Йорам. Уның яу арбаһына ат ектеләр. Исраил батшаһы Йорам менән Йәһүҙә батшаһы Ахазъяһ, һәр ҡайһыһы үҙенең яу арбаһында, Йеһуға ҡаршы сыҡты. Улар Изреғил кешеһе Навоҫтың биләмәһендә осрашты. – Именлек менән килеүеңме? – тип һораны Йорам Йеһуҙы күргәс. – Әсәйең Изевелдең боттарға табыныуы, сихыр ҡылыуы дауам итә икән, ниндәй именлек булһын? – тине Йеһу. Йорам арбаһын кире борҙо ла: – Ахазъяһ, был хыянат! – тип ҡысҡырҙы. Йеһу йәйәһен йән көсөнә тартып, батшаның арҡаһына, ике ҡалаҡ һөйәгенең уртаһына, атып ебәргәйне, уҡ Йорамдың йөрәген үтә тишеп сыҡты. Батша арбаһына ҡапланып барып төштө. Йеһу ярҙамсыһы Бидҡарға: – Мәйетте ал да изреғилле Навоҫтың баҫыуына алып барып ырғыт, – тип бойорҙо. – Хәтерләйһеңме, һинең менән бергә Йорамдың атаһы Ахав артынан килгән сағыбыҙҙа, Раббы Ахав тураһында: «Кисә Мин Навоҫ менән уның улдарының ҡанын күрҙем. Ант итеп әйтәм, Мин һине ошо баҫыуҙа язалаясаҡмын», – тигәйне. Раббының шул һүҙҙәренә ярашлы, Йорамдың мәйетен Навоҫтың баҫыуына ташла, – тине. Йәһүҙә батшаһы Ахазъяһ быларҙы күреп, Бейт-Һагган ҡалаһына табан ҡаса башланы. Артынан ҡыуа төшкән Йеһу: – Уны ла үлтерегеҙ! – тип ҡысҡырҙы. Үҙенең арбаһындағы Ахазъяһты Йивлеғамға етәрәк, Гур ҡалҡыулығында уҡтан атып яраланылар. Ул йәрәхәтләнгән килеш Мегиддоға барып етте лә, шунда үлде. Хеҙмәтселәре уны яу арбаһында Йәрүсәлимгә алып ҡайтты һәм Дауыт ҡалаһында ата-бабалары янында үҙ төрбәһенә дәфен ҡылды. Ахазъяһ Йәһүҙә тәхетенә Йорам Ахав улы Исраилда ун беренсе йыл батшалыҡ иткәндә ултырғайны. Йеһу Изреғилгә юлланды. Быны ишетеп, Изевел күҙҙәренә һөрмә тартты, сәсен-башын тараны. Унан тәҙрә төбөнә баҫып Йеһуҙың килгәнен көтә башланы. Йеһу ҡала ҡапҡаһынан килеп ингәс, Изевел уға: – Именһеңме, эй хакимын үлтергән Зимри? – тип ҡысҡырҙы. Йеһу тәҙрәгә туп-тура төбәлеп: – Кемегеҙ минең яҡлы? – тип ҡысҡырҙы. Һарай әһелдәренең икәү-өсәүһе үрелеп ҡарағас: – Ырғытығыҙ уны аҫҡа! – тип бойорҙо. Һарай әһелдәре батшабикәне аҫҡа бырғаны. Изевелдең ҡаны һарай диуарына һәм аттарға сәсрәне. Йеһу уның кәүҙәһен яу арбаһы менән тапап үтеп китте. Шунан һарайға инеп ашаны, эсте. Һуңынан: – Ул ҡәһәр төшкән ҡатынды ерләгеҙ, нисек кенә булмаһын, батша ҡыҙы бит әле ул, – тип бойорҙо. Әммә Изевелде ерләргә барған кешеләр уның баш һөйәге һәм аяҡ-ҡулдарынан башҡа бер нәмәһен дә тапманылар. Кире килеп был хаҡта Йеһуға әйттеләр. – Раббының Үҙенең ҡоло Тишбе кешеһе Ильяс пәйғәмбәр аша әйткән һүҙҙәре бойомға ашты, – тине Йеһу. – Ул: «Изевелдең мәйетен Изреғил ерендә эттәр тамаҡлаясаҡ, – тип белдергәйне. – Ҡалдыҡтары Изреғил тупрағында баҫыуҙағы тиҙәк кеүек аунап ятыр. Һис кем уны: „Был – Изевел“, – тип әйтә алмаҫ». Ахавтың Самарияла етмеш улы бар ине. Йеһу Самарияға Изреғилдең түрәләренә, аҡһаҡалдарға һәм Ахав улдарының тәрбиәселәренә хат ебәрҙе. Хатта былай тип яҙылғайны: «Хакимығыҙҙың улдары һеҙҙең менән. Яу арбаларығыҙ, аттарығыҙ, ҡоралдарығыҙ бар. Нығытмалы ҡалала йәшәйһегеҙ. Ошо хатты уҡығас та, хакимығыҙҙың иң яҡшы һәм намыҫлы улын һайлап атаһының тәхетенә ултыртығыҙ ҙа хужағыҙҙың нәҫел-нәсәбен яҡлап һуғышығыҙ». Хатты уҡығас, тегеләр ҡурҡыуға төштө. – Ике батша унан еңелгәнде, беҙ уға нисек ҡаршы торайыҡ? – тиештеләр. Һарай идарасыһы, ҡала башлығы, аҡһаҡалдар, батша балаларының тәрбиәселәре Йеһуға: «Беҙ һинең ҡолдарың, ни әйтһәң, шуны эшләргә әҙербеҙ. Берәүҙе лә батша итеп ҡуйырға ниәтебеҙ юҡ. Үҙеңә нисек ҡулай, шулай эшлә», – тигән яуап ебәрҙе. Йеһу уларға икенсе хат күндерҙе. Унда: «Әгәр ҙә һеҙ, минең яҡлы булып, әйткәнемде тыңлаһағыҙ, хакимығыҙҙың улдарының башын ҡырҡып, иртәгә ошо ваҡытҡа Изреғилгә килтереп еткерегеҙ», – тип яҙылғайны. Батшаның етмеш улын ҡаланың иң күренекле кешеләре тәрбиәләй ине. Хатты алғас, улар батшаның бөтә улдарын да үлтерҙеләр ҙә, баштарын кәрзингә һалып, Изреғилгә Йеһуға ебәрҙеләр. Сапҡын батша улдарының баштарын килтереп еткереүҙәре хаҡында Йеһуға хәбәр итте. – Уларҙы ҡала ҡапҡаһы төбөндә ике урынға өйөп ҡуйығыҙ. Иртәнгә тиклем шунда ятһындар, – тип бойорҙо Йеһу. Икенсе көндө иртәнсәк ул ҡапҡа төбөнә сығып баҫты һәм бар халыҡҡа: – Һеҙ ғәйепле түгел. Хакимыма ҡаршы мин фетнә күтәрҙем, уны мин үлтерҙем. Әммә кем быларҙың башына етте? Белегеҙ, Раббының Ахав нәҫеленә ҡарата әйткән бер генә һүҙе лә бойомға ашмай ҡалманы, Раббы ҡоло Ильяс аша ни белдергән булһа, шуларҙың барыһын да ғәмәл ҡылды, – тине. Йеһу Ахавтың Изреғилдә тере ҡалған бөтә нәҫел-нәсәбен, түрәләрен, яҡын дуҫтарын һәм ҡаһиндарын үлтерҙе, береһен дә иҫән ҡалдырманы. Йеһу Изреғилдән Самарияға юлланды. Китеп барышлай көтөүселәрҙең Бейт-Ғеҡед тип йөрөткән урынында Йәһүҙә батшаһы Ахазъяһтың туғандарына тап булды. Уларҙан: – Һеҙ кем булаһығыҙ? – тип һораны. – Беҙ Ахазъяһтың туғандары. Батша улдарының һәм батша әсәһенең улдарының хәлен белергә китеп барабыҙ, – тип яуапланы улар. – Быларҙы тереләй алығыҙ! – тип бойорҙо Йеһу үҙенең кешеләренә. Уларҙы тотоп алдылар ҙа Бейт-Ғеҡедтәге һыу соҡоро эргәһендә ҡылыстан үткәрҙеләр. Ҡырҡ ике кешенең бөтәһе лә үлтерелде, Йеһу береһен дә иҫән ҡалдырманы. Йеһу ары китте һәм Рехав улы Йеһонадавты осратты. Уға сәләм биреп: – Минең йөрәгем һинең яҡлы, һинең йөрәгең дә шулаймы? – тип һораны. – Минең дә шулай, – тип яуапланы Йеһонадав. – Улайһа бир ҡулыңды, – тине Йеһу һәм уны ҡулынан тартып үҙенең яу арбаһына ултыртты. Шунан: – Әйҙә минең менән, Раббы өсөн нисек йән атып тороуымды күрерһең, – тип яу арбаһында Самарияға алып китте. Ҡалаға барғас, Йеһу, Раббы Ильясҡа әйткәнсә, Ахавтың унда ҡалған бөтә нәҫел-нәсәбен тулыһынса ҡырып бөтөрҙө. Йеһу ҡала халҡын йыйып: – Ахав Бәғелгә аҙ хеҙмәт итте, ә мин күберәк хеҙмәт итәсәкмен, – тип иғлан итте. – Бәғелдең пәйғәмбәрҙәрен, ҡаһиндарын, уға табынған бөтә кешеләрҙе саҡырығыҙ. Береһе лә ҡалмаһын. Мин Бәғелгә оло ҡорбан салам. Килмәй ҡалғандар тере ҡалмаясаҡ. Был хәйлә ине. Ошо юл менән Йеһу Бәғелгә табыныусыларҙың барыһын да ҡырып бөтөрөргә уйланы. – Бәғелгә бағышлап йыйын иғлан итегеҙ, – тине Йеһу. Йыйын көнөн билдәләнеләр. Йеһу бөтә Исраилда белдереү яһаны һәм Бәғелгә табыныусыларҙың бөтәһе лә килде, бер кем дә ҡалманы. Барыһы ла Бәғел йортона инде. Йорт шығырым тулы ине. Йеһу кейем өсөн яуаплы кешегә Бәғелгә табыныусыларҙың һәр береһенә махсус кейемдәр таратып бирергә бойорҙо. Барыһы ла кейенде. Шул саҡ Йеһу Рехав улы Йеһонадав менән бергә ҡорамға инде. – Иғтибар менән ҡарағыҙ, арағыҙҙа Раббыға табыныусылар булмаһын, тик Бәғелгә табыныусылар ғына ҡалһын, – тине Йеһу. Шунан улар Бәғелгә ҡорбандар, тотош яндырыу ҡорбандары килтерә башланы. Йеһу ҡорам тышында һикһән яугирен ҡалдырып, уларға: – Мин ҡулығыҙға тапшырған был кешеләрҙең береһе генә ҡасып ҡотолһа ла, башығыҙ менән яуап бирәһегеҙ! – тип бойорғайны. Тотош яндырыу ҡорбаны ғәмәлен башҡарып бөтөр-бөтмәҫтән, Йеһу һаҡсыларға һәм яу баштарына: – Инегеҙ, бөтәһен дә үлтерегеҙ! Береһе лә ҡасып ҡотола алмаһын, – тип әмер бирҙе. Бөтәһен дә ҡылыстан үткәреп, мәйеттәрен тышҡа бырғанылар. Шунан Бәғел ҡорамының эске бүлкәтенә инделәр һәм ундағы табыныу бағаналарын алып сығып яндырҙылар. Бәғелгә табыныу бағанаһын емерҙеләр, ҡорамдың аҫтын өҫкә килтерҙеләр һәм бәҙрәфкә әйләндерҙеләр. Шул ваҡыттан алып бөгөнгәсә ул шулай булып ҡалды. Шул рәүешле Йеһу Исраилда Бәғелгә табыныуға сик ҡуйҙы. Әммә ул Неват улы Яровғамдың Исраилды батырған гонаһтарынан – Бейт-Ил менән Данда алтындан ҡойолған башмаҡтарға табыныуҙан – ваз кисмәне. Раббы Йеһуға: – Минең күҙ алдымда дөрөҫ булғанды эшләгәнең, Ахав йортона ҡаршы Мин нимә теләгән булһам, барыһын да ҡылғаның өсөн тоҡомоң дүртенсе быуынға тиклем Исраил тәхетендә ултырыр, – тип белдерҙе. Тик Йеһу Исраил Аллаһы Раббының ҡанунына бөтә йөрәктән тоғро түгел ине. Ул Яровғамдың Исраилды батырған гонаһтарынан айырылманы. Йеһуҙың башҡа ғәмәлдәре һәм уның ҡаһарманлығы тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған. Йеһу үлеп, ата-бабалары хозурына күсте һәм уны Самарияла ерләнеләр. Уның урынына тәхеткә улы Йеһоахаз ултырҙы. Йеһу Самарияла егерме һигеҙ йыл буйы Исраил батшаһы булды. Ахазъяһтың әсәһе Ғаҫалъяһ, улының үлгәне тураһында ишеткәс, батша нәҫеленән булғандарҙың бөтәһен дә ҡырырға кереште. Ләкин Йеһошевағ – Йеһорам батшаның ҡыҙы һәм Ахазъяһтың ҡыҙ туғаны – Ахазъяһтың үлемгә дусар ителгән башҡа улдары араһынан Йоаш исемле улын урлап алып, һөт әсәһе менән бергә йоҡо бүлмәһенә йәшерҙе. Шулай итеп, Йеһошевағ арҡаһында, Йоашты Ғаҫалъяһтан йәшерҙеләр һәм ул тере ҡалды. Илдә Ғаҫалъяһ батшалыҡ иткән ваҡытта, бала һөт әсәһе менән бергә алты йыл буйына Раббы ҡорамында йәшенеп йәшәне. Етенсе йылда Йеһоядағ ҡаһин батшаның йәнһаҡсыларын һәм һарай һаҡсыларының йөҙ баштарын саҡыртты. Уларҙы үҙ янына – Раббы ҡорамына йыйҙы һәм, был кешеләр менән килешеү төҙөп ант иттергәндән һуң, батша улын күрһәтте. Шунан уларға былай тип бойорҙо: – Һеҙ былай итегеҙ: шәмбе көндө хеҙмәтен башҡарған һаҡсыларҙың өстән бер өлөшө батша һарайын һаҡлаһын, өстән бер өлөшө Сур ҡапҡаһы янында, өстән бере Һаҡсылар ҡапҡаһы янында торһон. Һеҙ һарайҙы һаҡларға тейешһегеҙ. Шәмбе көндө хеҙмәттә булмаған башҡа ике төркөм Раббы ҡорамы янында тороп, батшаны һаҡлар. Һәр кем, ҡулына ҡорал тотоп, батшаны уратып баҫһын. Кем һеҙҙең сафтарға яҡыная, шул үлтерелһен. Батша ҡайҙа барһа ла, артынан ҡалмағыҙ. Йөҙ баштары Йеһоядағ ҡаһиндың бойороҡтарын бер һүҙһеҙ үтәне. Шәмбе көндө хеҙмәтен башлаған һәм хеҙмәтен теүәлләгән һәр кемде етәкселәре үҙ янына тупланы һәм Йеһоядағ ҡаһинға алып килде. Ҡаһин йөҙ баштарына Дауыт батшаның Раббы ҡорамында һаҡланған һөңгө һәм ҡалҡандарын таратып бирҙе. Ҡулдарына ҡорал тотҡан һаҡсылар, батшаны һәр яҡтан һаҡлар өсөн, ҡорамдың көньяғынан төньяғына тиклем, ҡорбан усағы һәм ҡорам тирәләй баҫты. Шунан Йеһоядағ батша улын алып килде, башына таж кейҙерҙе, ҡанун китабын тотторҙо. Йоаш батша тип иғлан ителде, мәсехләнде, шунан алҡышлап: «Йәшәһен батша!» – тип ҡысҡырҙылар. Ғаҫалъяһ, һаҡсыларҙың һәм халыҡтың шаулашҡанын ишетеп, улар янына, Раббы ҡорамына килде. Ҡараһа, ни күрә: батша тап йола ҡушҡанса ҡалҡыу урында тора, уны тирәләп хәрби башлыҡтар менән борғосолар баҫҡан, ил халҡы ҡыуаныша, борғо ҡысҡырта. Ғаҫалъяһ шунда өҫтөндәге кейемен йыртып: – Хыянат! Хыянат! – тип ҡысҡырҙы. Йеһоядағ ҡаһин төркөмдәр менән идара итеүсе йөҙ баштарына: – Ул ҡатынды бынан, рәттәр араһынан, алып сығығыҙ! Кем уға эйәрә, ҡылыстан үткәрегеҙ, – тип бойорҙо. Ул Ғаҫалъяһтың Раббы ҡорамында үлтерелеүен теләмәне. Ғаҫалъяһты тотоп алдылар һәм батша һарайына аттарҙы йөрөтә торған ҡапҡанан алып килеп, шунда үлтерҙеләр. Йеһоядағ Раббы халҡы булыуы тураһында Раббы менән батша һәм халыҡ араһында килешеү төҙөнө. Шулай уҡ ул батша менән халыҡ араһында килешеү төҙөнө. Шунан һуң бөтә ил халҡы барып Бәғелдең ҡорамын емерҙе. Ундағы ҡорбан усаҡтарын, боттарын селпәрәмә ваттылар һәм Бәғелдең ҡаһины Маттанды ҡорбан усаҡтары алдында үлтерҙеләр. Йеһоядағ ҡаһин Раббы ҡорамы тирәһенә һаҡсылар ҡуйҙы. Шунан ул йөҙ баштары, йәнһаҡсылары, һарай һаҡсылары һәм илдең бар халҡы оҙатыуында батшаны Раббы ҡорамынан алып сыҡты. Улар Һаҡсылар ҡапҡаһы аша батшаны һарайға алып килделәр. Йоаш батша тәхетенә ултырҙы. Ил халҡы күңел асты. Ғаҫалъяһ батша һарайында ҡылыстан үткәрелгәндән һуң, ҡалала тыныслыҡ урынлашты. Тәхеткә ултырғанда Йоашҡа ете йәш ине. Йеһуҙың Исраилда батшалыҡ итеүенең етенсе йылында Йәһүҙә тәхетенә Йоаш ултырҙы һәм Йәрүсәлимдә ҡырҡ йыл буйы батша булды. Әсәһе Сивья Беер-Шәвәғ ҡалаһынан ине. Йоаш ғүмере буйы Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылды, сөнки Йеһоядағ ҡаһин уны бер ваҡытта ла кәңәшенән өҙмәне. Әммә табыныу ҡалҡыулыҡтары юҡ ителмәне. Халыҡ уларҙа ҡорбан килтереүен һәм хуш еҫ төтәтеүен дауам итте. Йоаш ҡаһиндарға: – Раббы ҡорамына изге саҙаҡа рәүешендә килтерелгән бөтә көмөштө: кеше башынан түләнгән мәжбүри һалымды, вәғәҙә ителгән нәҙерҙәрҙе һәм халыҡтың үҙ ихтыяры менән биргән бүләктәрен туплағыҙ. Һәр ҡаһин үҙенең ярҙамсыларынан алған аҡсаны Раббы ҡорамының ҡайһы ерен йүнәтергә кәрәк, шунда тотонһон, – тип әмер бирҙе. Әммә Йоаштың батшалыҡ итеүенә егерме өсөнсө йыл киткәндә лә ҡаһиндар ҡорамды төҙөкләндерә башламағайны әле. Йоаш батша Йеһоядағты һәм башҡа ҡаһиндарҙы саҡырып алды ла: – Нишләп һаман ҡорамды йүнәтмәйһегеҙ? – тип һораны. – Инде ярҙамсыларығыҙҙан көмөш алмағыҙ. Алған көмөштәрегеҙҙе Раббы йортон рәтләүгә бирегеҙ. Ҡаһиндар башҡаса халыҡтан ҡорамды төҙөкләндереүгә аҡса алмаҫҡа, шулай уҡ йүнәтеү эштәрендә ҡатнашмаҫҡа риза булды. Йеһоядағ ҡаһин бер һандыҡ алды, ҡапҡасына ярыҡ уйҙы ла, ҡорбан усағының уң яғына, ҡорамға инә торған урынға ҡуйҙы. Тупһала һаҡта торған ҡаһиндар һандыҡҡа халыҡ Раббы ҡорамына алып килгән аҡсаларҙы һала барҙы. Һандыҡта аҡса күп йыйылған һайын, батшаның кәтибе менән баш ҡаһин Раббы ҡорамына килтерелгән аҡсаларҙы иҫәпләп, тоҡҡа тултырҙы. Һаналған аҡсаны Раббы ҡорамын төҙөкләндереү эштәренә етәкселек итеүселәргә бирә барҙылар. Улар иһә бында эшләгән балта оҫталарына, төҙөүселәргә, ташсыларға, таш ҡырҡыусыларға хеҙмәт хаҡы түләне, Раббы йортон йүнәтеү өсөн ағас һәм эшкәртелгән таш һатып алыуға, башҡа ихтыяждарға тотондо. Раббы ҡорамында йыйылған аҡсалар көмөш тастар, сеүәтәләр, шәм филтәләрен таҙартҡыстар, борғолар, алтын һәм көмөш һауыттар яһау өсөн тотонолманы. Был көмөштөң барыһы ла эшселәргә түләүгә һәм йортто йүнәтеү өсөн файҙаланылды. Эшселәргә түләгән кешеләрҙән иҫәп-хисап талап ителмәне, сөнки улар ғәҙел эшләне. Ғәйеп һәм гонаһ ҡорбандары өсөн бирелгән аҡсалар иһә Раббы ҡорамына тотонолманы; улар ҡаһиндарға тәғәйенләнгәйне. Шул осорҙа Арам батшаһы Хазаил Ғаҫ ҡалаһына һөжүм итеп, уны ҡулға төшөрҙө, унан Йәрүсәлимгә һөжүм итергә булды. Йәһүҙә батшаһы Йоаш үҙенә тиклем булған Йәһүҙә батшалары Йеһошафат, Йеһорам, Ахазъяһ һәм үҙе тарафынан ҡорамға бағышланған барлыҡ изге әйберҙәрҙе, Раббы ҡорамының һәм үҙ һарайының хазина келәттәрендә һаҡланған бөтә алтынды алып, Арам батшаһына ебәрҙе. Бынан һуң Хазаил Йәрүсәлимдән сигенде. Йоаш батшаның башҡа ғәмәлдәре тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған. Ахазъяһ улы Йоаштың Йәһүҙәлә батшалыҡ итеүенең егерме өсөнсө йылында Самарияла Исраил тәхетенә Йеһу улы Йеһоахаз ултырҙы һәм ун ете йыл батшалыҡ итте. Йеһоахаз Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды һәм Исраилды гонаһҡа батырған Неват улы Яровғамдың юлын ҡыуҙы, был гонаһтарҙан ваз кисмәне. Шул арҡала Раббының Исраилға асыуы ялҡынланды һәм уларҙы оҙаҡ ваҡытҡа Арам батшаһы Хазаил менән Хазаилдың улы Бен-Һададтың ҡулына тапшырҙы. Йеһоахаз Раббыға ялбарҙы һәм Раббы уның доғаһына ҡолаҡ һалды, сөнки Арам батшаһының Исраил халҡын ни тиклем аяуһыҙ иҙгәнен күрҙе. Раббы исраилдарға бер ҡотҡарыусы ебәрҙе. Шулай итеп, халыҡ арамиҙар золомонан ҡотолдо һәм элеккесә үҙ сатырҙарында тыныс йәшәй башланы. Әммә улар Исраилды гонаһҡа батырған Яровғам нәҫеленең гонаһтарынан ваз кисмәне, уларҙың юлын ҡыуҙы. Самарияла алиһә Ашера хөрмәтенә ҡуйылған ҡолға һаман да ҡала бирҙе. Йеһоахаздың ғәскәрендә илле һыбайлы, ун яу арбаһы, ун мең йәйәүле яугир генә ҡалды. Башҡаларын Арам батшаһы аяҡ аҫтындағы тупраҡ кеүек тапап юҡ иткәйне. Йеһоахаздың башҡа ғәмәлдәре, ҡылған батырлыҡтары тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған. Йеһоахаз үлеп, ата-бабалары хозурына күсте һәм Самарияла ерләнде. Уның урынына тәхеткә улы Йеһоаш ултырҙы. Йоаштың Йәһүҙәлә батшалыҡ итеүенең утыҙ етенсе йылында, Самарияла Исраил тәхетенә Йеһоахаз улы Йеһоаш ултырҙы һәм ун алты йыл батшалыҡ итте. Йеһоаш Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды һәм Исраилды гонаһҡа батырған Неват улы Яровғамдың юлын ҡыуҙы, уның гонаһтарынан ваз кисмәне. Йеһоаштың башҡа бөтә ғәмәлдәре, ҡылған батырлыҡтары, Йәһүҙә батшаһы Амасъяһ менән һуғышҡаны тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған. Йеһоаш үлеп, ата-бабалары хозурына күсте. Уның урынына тәхеткә Яровғам ултырҙы. Йеһоаш Самарияла Исраилдың башҡа батшалары янында ерләнде. Ильясиғин үлемесле сир менән ауырып китте. Исраил батшаһы Йеһоаш уның янына килеп: – Атаҡайым минең, атаҡайым! Һин Исраилдың яу арбаһы һәм һыбайлылары кеүек инең! – тип һамаҡлап иланы. – Ҡулыңа уҡ менән йәйә ал, – тине уға Ильясиғин. Батша уҡ менән йәйә алды. Пәйғәмбәр Исраил батшаһына: – Йәйәңде әҙерлә, – тине. Батша йәйәне әҙерләгәс, Ильясиғин ҡулдарын батшаның ҡулдары өҫтөнә ҡуйҙы. Шунан уға: – Көнсығышҡа ҡараған тәҙрәне ас! – тип бойорҙо. Батша тәҙрәне асҡандан һуң, Ильясиғин: – Уҡты ат! – тине. Батша уҡты атып ебәрҙе. – Был Раббының еңеү уғы, арамиҙарҙы еңеү уғы! Афеҡта һин арамиҙарҙың ғәскәрен тулыһынса тар-мар итерһең, – тине Ильясиғин. Артабан пәйғәмбәр батшаға: – Уҡтарҙы ал, – тине. Исраил батшаһы уҡтарҙы алғас, Ильясиғин уға: – Уҡтар менән ергә һуҡ, – тине. Батша уҡтар менән өс тапҡыр ергә һуҡты ла туҡтаны. Алла бәндәһе Ильясиғин: – Биш-алты тапҡыр һуғырға кәрәк ине. Ул саҡта арамиҙарҙы тотош еңгән булыр инең. Хәҙер уларҙы өс тапҡыр ғына еңәсәкһең, – тип асыуланды. Ильясиғин вафат булды һәм уны ерләнеләр. Йыл һайын Моав баҫҡынсылары Исраилға һөжүм итә торғайны. Бер мәлде исраилдар үлгән кешене дәфен ҡыла ине, ҡапыл Моав баҫҡынсыларын күреп ҡалдылар ҙа, мәйетте Ильясиғиндың төрбәһенә ташлап ҡастылар. Ильясиғиндың һөйәктәренә тейгән мәйет терелеп, аяғына баҫты. Йеһоахаздың ғүмере буйына Арам батшаһы Хазаил исраилдарҙы иҙҙе. Әммә Раббы Исраил халҡын йәлләне, Ибраһим, Исхаҡ һәм Яҡуп менән төҙөшкән килешеүе хаҡына уларға рәхим-шәфҡәт күрһәтте. Уларҙы юҡ итергә теләмәне, әлеге көнгә ҡәҙәр уларҙан ваз кисмәне. Арам батшаһы Хазаил вафат булғас, урынына улы Бен-Һадад тәхеткә ултырҙы. Исраил батшаһы Йеһоаш Бен-Һадад Хазаил улын өс тапҡыр тар-мар итте һәм, атаһы Йеһоахаз батшалыҡ иткән дәүерҙә, Хазаил яулап алған ҡалаларҙың барыһын да кире тартып алды. Йеһоаш Йеһоахаз улының Исраилда батшалыҡ итеүенең икенсе йылында Йәһүҙә тәхетенә Амасъяһ Йоаш улы ултырҙы. Ул егерме биш йәшендә батша булды һәм Йәрүсәлимдә егерме туғыҙ йыл батшалыҡ итте. Әсәһе Йеһоғаддан Йәрүсәлимдән ине. Амасъяһ Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылды. Әммә уның эштәре боронғо бабаһы Дауыттыҡы һымаҡ булманы. Ул һәр яҡтан атаһы Йоашты ҡабатланы. Табыныу ҡалҡыулыҡтары юҡ ителмәне. Халыҡ уларҙа ҡорбан салыуын, хуш еҫ төтәтеүен дауам итте. Тәхетендә нығынғас, Амасъяһ атаһы Йоаш батшаны үлтергән ярандарын язаланы. Әммә ул үлтереүселәрҙең балаларына ҡағылманы, сөнки Муса ҡануны китабында Раббы былай ти: «Аталар балаларының гонаһы өсөн үлтерелмәһен, балалар аталарының гонаһы өсөн үлтерелмәһен, һәр кем үҙ гонаһы өсөн үҙе үлемгә дусар ителһен». Амасъяһ Тоҙло үҙәндә ун мең Эдом яугирен ҡырҙы. Ул Села ҡалаһын яулап алды һәм уға Йоҡтеил тип исем бирҙе. Был ҡала бөгөнгә тиклем шулай атала. Бынан һуң Амасъяһ Йеһуҙан тыуған Йеһоахаздың улы Йеһоашҡа, Исраил батшаһына: «Әйҙә кил, йөҙмә-йөҙ көс һынашайыҡ», – тип илселәр ебәрҙе. Исраил батшаһы Йеһоаш Йәһүҙә батшаһы Амасъяһҡа былай тип яуапланы: «Бер заман Ливанда үҫкән сәнскәк ҡыуаҡ кедр ағасына: „Ҡыҙыңды минең улыма кәләш итеп бир“, тип яусы ебәргән, имеш. Әммә Ливандың бер ҡырағай януары, үтеп барышлай уны иҙә тапап киткән, ти. Һин нимә, эдомдарҙы тар-мар иттем, тип эреләнеп киттеңме? Шул еңеүеңә ҡәнәғәт булып, өйөңдә генә ултыр. Нишләп бәлә саҡыраһың? Үҙең дә, һинең менән бергә Йәһүҙә лә тар-мар ителәсәк бит». Әммә Амасъяһ ҡолаҡ һалманы. Шуға күрә Исраил батшаһы Йеһоаш яуға сыҡты һәм Йәһүҙәнең Бейт-Шәмәш ҡалаһында Амасъяһ менән йөҙмә-йөҙ осрашты. Йәһүҙә ғәскәре исраилдар тарафынан тар-мар ителде һәм яугирҙәр өйҙәренә ҡасып ҡайтып китте. Исраил батшаһы Йеһоаш Йәһүҙә батшаһы Амасъяһты – Ахазъяһтан тыуған Йоаштың улын – Бейт-Шәмәштә әсиргә алды. Шунан Йеһоаш Йәрүсәлимгә барып, ҡала диуарының Әфраим ҡапҡаһынан алып Мөйөш ҡапҡаһына тиклемге дүрт йөҙ терһәк оҙонлоғондағы араһын емертте. Бынан һуң ул Раббы ҡорамында һәм батша һарайының хазина келәттәрендә булған бөтә алтын-көмөштө, затлы һауыт-һабаны талап алды. Байтаҡ халыҡты аманат итеп Самарияға алып ҡайтып китте. Йеһоаштың башҡа бөтә ғәмәлдәре, ҡылған батырлыҡтары, Йәһүҙә батшаһы Амасъяһ менән һуғышҡаны тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған. Йеһоаш вафат булып ата-бабалары хозурына күсте һәм Самарияла Исраил батшалары янында ерләнде. Урынына улы Яровғам тәхеткә ултырҙы. Йәһүҙә батшаһы Амасъяһ Йоаш улы Исраил батшаһы Йеһоаш Йеһоахаз улы үлгәндән һуң ун биш йыл йәшәне. Амасъяһтың башҡа ғәмәлдәре тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған. Йәрүсәлимдә Амасъяһҡа ҡаршы фетнә ойошторолдо. Ул Лахиш ҡалаһына ҡасты, әммә дошмандары, артынан кеше ебәреп, уны шунда үлтерттеләр. Амасъяһтың мәйетен, атта Йәрүсәлимгә алып ҡайтып, Дауыт ҡалаһында ата-бабалары янында ерләнеләр. Йәһүҙә халҡы Амасъяһ урынына уның ун алты йәшлек улы Ғазаръяһты тәхеткә ултыртты. Атаһы Амасъяһ үлеп ата-бабалары хозурына күскәндән һуң, Ғазаръяһ Элаҫ ҡалаһын ҡабаттан Йәһүҙәгә ҡайтарҙы һәм яңынан төҙөнө. Амасъяһ Йоаш улының Йәһүҙәгә батшалыҡ итеүенең ун бишенсе йылында Самарияла Исраил тәхетенә Яровғам Йеһоаш улы ултырҙы һәм ҡырҡ бер йыл батшалыҡ итте. Ул Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды һәм Исраилды гонаһҡа батырған Яровғам Неват улының гонаһтарынан ваз кисмәне. Исраил Аллаһы Раббының Үҙенең ҡоло Юныс пәйғәмбәр аша еткергән һүҙҙәренә ярашлы, Яровғам Исраилдың Лево-Хамаҫтан алып Ғарава күленә тиклемге биләмәләрен кире ҡайтарҙы. Юныс Амиттай тигән кешенең улы булып, Ғаҫ-Хефәр ҡалаһынан ине. Раббы Исраил халҡының ни тиклем ауыр ғазапҡа тарығанын күрә йөрөнө: ҡол булһын, ирекле булһын, уларға ярҙам ҡулы һуҙырлыҡ бер кем дә юҡ ине. Раббы Исраилдың исемен ер йөҙөнән юҡ итергә теләмәгәнгә күрә, уларҙы Яровғам Йеһоаш улы аша ҡотҡарҙы. Яровғамдың башҡа ғәмәлдәре, һуғыштарҙағы ҡаһарманлығы, элек Йәһүҙәнеке булған Дамаск менән Хамаҫты ҡабаттан Исраилға ҡайтарғаны тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған. Яровғам үлеп, ата-бабалары хозурына күскәс, Исраил батшалары янында ерләнде. Уның урынына тәхеткә улы Зәкәрьяһ ултырҙы. Яровғамдың Исраилға батшалыҡ итеүенең егерме етенсе йылында Йәһүҙәгә Ғазаръяһ Амасъяһ улы батша булды. Тәхеткә ултырғанда уға ун алты йәш ине. Ул Йәрүсәлимдә илле ике йыл батшалыҡ итте. Әсәһе Йехольяһ Йәрүсәлимдән ине. Ғазаръяһ, Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылып, һәр йәһәттән атаһы Амасъяһты ҡабатланы. Әммә табыныу ҡалҡыулыҡтары юҡ ителмәне. Халыҡ һаман да уларҙа ҡорбан салыуын һәм хуш еҫ төтәтеүен дауам итте. Раббы Ғазаръяһты язалап, махау сиренә дусар итте. Ғүмеренең аҙағына тиклем батша махау ауырыулы булды һәм үлгәнсе айырым өйҙә йәшәне. Батша һарайына һәм ил халҡына улы Йоҫам етәкселек итте. Ғазаръяһтың башҡа ғәмәлдәре «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған. Ғазаръяһ үлеп, ата-бабаларына ҡушылды һәм уны ата-бабалары янында Дауыт ҡалаһына ерләнеләр. Уның урынына улы Йоҫам батша булды. Ғазаръяһтың Йәһүҙәлә батшалыҡ итеүенең утыҙ һигеҙенсе йылында Самарияла Исраил тәхетенә Зәкәрьяһ Яровғам улы ултырҙы һәм алты ай батшалыҡ итте. Ул да аталары кеүек үк Раббы хуш күрмәгән ғәмәлдәр ҡылды һәм Исраилды гонаһҡа батырған Яровғам Неват улының гонаһтарынан ваз кисмәне. Явеш улы Шаллум Зәкәрьяһҡа ҡаршы фетнә ойошторҙо һәм, уны халыҡ алдында үлтереп, урынына батша булды. Зәкәрьяһтың башҡа эштәре тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған. Шулай итеп, Раббының Йеһуға: «Һинең тоҡомоң Исраил тәхетендә дүртенсе быуынға тиклем ултырыр», – тигән һүҙҙәре бойомға ашты. Ғуззияһтың Йәһүҙәгә батшалыҡ итеүенең утыҙ туғыҙынсы йылында Самарияла Исраил тәхетенә Шаллум Явеш улы ултырҙы һәм бер ай батша булды. Тирсанан Самарияға Менахем Ғади улы килеп Шаллум Явеш улын үлтерҙе һәм урынына тәхеткә ултырҙы. Шаллумдың башҡа ғәмәлдәре, уның фетнә ойоштороуы тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған. Шул осорҙа Менахем, Тирсанан килеп, Тифсах ҡалаһында һәм уның тирә-яғында йәшәгән бөтә халыҡты ҡырҙы, сөнки Тифсах ҡалаһы уға ҡапҡаларын асмағайны. Менахем хатта ауырлы ҡатындарҙың ҡарындарын ярҙы. Ғазаръяһтың Йәһүҙәлә батшалыҡ итеүенең утыҙ туғыҙынсы йылында Самарияла Исраил тәхетенә Менахем Ғади улы ултырҙы һәм ун йыл батшалыҡ итте. Ул Раббы хуш күрмәгән ғәмәлдәр ҡылды һәм Исраилды гонаһҡа батырған Яровғам Неват улының гонаһтарынан ваз кисмәне. Ашшур батшаһы Пул Исраилға баҫып инде. Менахем Пулдың ярҙамына таянып батшалығын нығытыр өсөн уға мең талант көмөш түләне. Менахем был саҡлы көмөштө, кеше башына илле шекел көмөш түләргә ҡушып, Исраилдың байҙарынан йыйып алды. Бынан һуң Ашшур батшаһы Исраил ерҙәренән сығып үҙ иленә ҡайтып китте. Менахем батшалыҡ иткән дәүерҙәге башҡа ваҡиғалар, уның бөтә ғәмәлдәре тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған. Менахем үлеп, аталары хозурына күсте. Уның урынына улы Пеҡахъяһ тәхеткә ултырҙы. Ғазаръяһтың Йәһүҙәлә батшалыҡ итеүенең илленсе йылында Самарияла Исраил тәхетенә Пеҡахъяһ Менахем улы ултырҙы һәм ике йыл батшалыҡ итте. Ул Раббы хуш күрмәгән ғәмәлдәр ҡылды һәм Исраилды гонаһҡа батырған Яровғам Неват улының гонаһтарынан ваз кисмәне. Яубашы Пеҡах Ремалъяһ улы Пеҡахъяһҡа ҡаршы фетнә ойошторҙо. Ғилғәдтән булған илле кешене эйәртеп, ул Самариялағы батша һарайының эске ҡәлғәһенә бәреп керҙе һәм Аргов менән Арйе ярҙамында Пеҡахъяһты үлтерҙе. Үҙе уның урынына тәхеткә ултырҙы. Пеҡахъяһтың башҡа ғәмәлдәре тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған. Ғазаръяһтың Йәһүҙәлә батшалыҡ итеүенең илле икенсе йылында Самарияла Исраил тәхетенә Пеҡах Ремалъяһ улы ултырҙы һәм егерме йыл батшалыҡ итте. Ул Раббы хуш күрмәгән ғәмәлдәр ҡылды һәм Исраилды гонаһҡа батырған Яровғам Неват улының гонаһтарынан ваз кисмәне. Исраилда Пеҡах батшалыҡ иткән заманда Ашшур батшаһы Тиглат-Пиләсәр килеп Ғиййон, Авел-Бейт-Мағаха, Яноах, Ҡәдәш, Хасор ҡалаларын, Ғилғәдте, Галилеяны һәм Нафтали ырыуының бөтә ерҙәрен баҫып алды, уларҙың халҡын Ашшурға һөргөнгә ҡыуып алып китте. Йоҫам Ғуззияһ улының Йәһүҙәлә батшалыҡ итеүенең егерменсе йылында Һошеяғ Эла улы Пеҡах Ремалъяһ улына ҡаршы фетнә ойоштороп, уны үлтерҙе лә урынына батша булды. Пеҡахтың башҡа ғәмәлдәре тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған. Исраил батшаһы Пеҡах Ремалъяһ улы батшалығының икенсе йылында Йәһүҙә тәхетенә Йоҫам Ғуззияһ улы ултырҙы. Тәхеткә ултырғанда Йоҫам егерме биш йәшендә ине. Ул Йәрүсәлимдә ун алты йыл батшалыҡ итте. Әсәһе Йеруша – Садоҡ ҡыҙы ине. Атаһы Ғуззияһ кеүек Йоҫам да Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылды. Әммә табыныу ҡалҡыулыҡтары юҡ ителмәгәйне. Халыҡ унда ҡорбан килтереүен, хуш еҫ төтәтеүен дауам итте. Йоҫам Раббы ҡорамының Юғары ҡапҡаһын төҙөттө. Йоҫамдың башҡа ғәмәлдәре тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған. Ул батша булған осорҙа Раббы Арам батшаһы Ресин менән Исраил батшаһы Пеҡах Ремалъяһ улын Йәһүҙәгә һөжүм иттерҙе. Йоҫам үлеп, ата-балалары хозурына күсте һәм боронғо бабаһы Дауыттың ҡалаһында ата-бабалары янында ерләнде. Урынына улы Ахаз батша булды. Пеҡах Ремалъяһ улының Исраилға батшалыҡ итеүенең ун етенсе йылында Йәһүҙәгә Ахаз Йоҫам улы батша булды. Тәхеткә ултырғанда Ахазға егерме йәш ине. Ул Йәрүсәлимдә ун алты йыл батшалыҡ итте. Ахаз боронғо бабаһы Дауыт батша кеүек булманы, Аллаһы Раббы күҙендә дөрөҫ булмаған ғәмәлдәр ҡылды. Ул Исраил батшаларының юлынан китте, Раббы Исраил халҡы алдынан ҡыуып ебәргән ҡәүемдәрҙең ерәнгес йолаларына эйәрҙе, хатта үҙ улын ҡорбанға килтереп, утта яндырҙы. Боттарға табынған ҡалҡыулыҡтарҙа, түбәләрҙә, һәр бер суҡ япраҡлы ағас аҫтында ҡорбан салды һәм хуш еҫ төтәтте. Арам батшаһы Ресин менән Исраил батшаһы Пеҡах Ремалъяһ улы Йәрүсәлимгә һөжүм итте. Ҡаланы ҡамап торһалар ҙа, Ахазды еңә алманылар. Шул осорҙа Арам батшаһы Ресин Элаҫты яңынан яулап алды һәм унан Йәһүҙә халҡын ҡыуып ебәрҙе. Элаҫҡа Эдом халҡы күсеп килде һәм ҡабат төйәкләнде. Улар әле лә шунда йәшәй. Ахаз Ашшур батшаһы Тиглат-Пиләсәргә: «Мин һинең ҡолоң һәм улыңмын. Зинһар, кил, миңә һөжүм иткән Арам менән Исраил батшалары ҡулынан ҡотҡар», – тип илселәр күндерҙе. Был хәбәр менән бергә Ахаз Ашшур батшаһына бүләккә Раббы ҡорамында һәм үҙ һарайының хазина келәттәрендә табылған бөтә алтын менән көмөштө ебәрҙе. Ашшур батшаһы Ахаздың үтенесен тыңланы һәм, ғәскәре менән Дамаскка һөжүм итеп, уны яулап алды, халҡын Ҡыйр ҡалаһына һөргөнгә ҡыуҙы, ә Ресинды үлтерҙе. Ахаз батша Ашшур батшаһы Тиглат-Пиләсәр менән осрашырға Дамаскка барғанында ундағы ҡорбан усағын күрҙе. Был усаҡтың һәр бер үҙенсәлеген сағылдырған өлгө эшләтеп Урияһ ҡаһинға ебәрҙе. Урияһ ҡаһин, Ахаз батша Дамасктан ҡайтҡанға тиклем, ул ебәргән өлгө буйынса тап шундай ҡорбан усағы яһатып ҡуйҙы. Дамасктан ҡайтҡас, батша ҡорбан усағын күрергә килде, эргәһенә килеп, өҫтөнә менде һәм унда ҡорбан ғәмәле ҡылды. Үҙенең тотош яндырыу ҡорбанын яндырҙы, икмәк саҙаҡаһы, түкмә ҡорбан килтерҙе, ҡорбан усағына татыулыҡ ҡорбанының ҡанын һирпте. Раббы хозурында торған баҡыр ҡорбан усағын ул, Раббы ҡорамының алдынан – яңы ҡорбан усағы менән Раббы ҡорамы араһында торған урынынан алып, әлеге яңы ҡорбан усағынан төньяҡтараҡ урынлаштырҙы. Ахаз батша Урияһ ҡаһинға: – Иртәнге тотош яндырыу ҡорбанын, киске икмәк саҙаҡаһын, батшаның тотош яндырыу ҡорбанын һәм икмәк саҙаҡаһын, илдең бөтә халҡының тотош яндырыу ҡорбандарын һәм икмәк саҙаҡаларын, халыҡтың түкмә ҡорбандарын ошо ҙур ҡорбан усағында килтер. Бөтә ҡорбандарҙың, тотош яндырыу ҡорбандарының ҡанын ошо усаҡҡа һирп. Ә баҡыр усаҡты күрәҙәлек итеү өсөн үҙем тотонасаҡмын, – тип бойорҙо. Урияһ ҡаһин Ахаз батшаның ҡушҡандарын еренә еткереп үтәне. Ахаз батша киҫмәктәр ҡуйылған таяуҙарҙың тирәстәрен һындырып ташлатты, уларҙың өҫтөндәге йыуынғыстарҙы алдырҙы. Баҡырҙан яһалған үгеҙ һындары өҫтөндә торған «диңгеҙ» тип аталған һауытты төшөрөп, таш нигеҙ өҫтөнә ҡуйҙырҙы. Раббы ҡорамында шәмбе көндәрендә ғибәҙәт ҡылыу өсөн файҙаланылған көплө юлды һәм батшалар ҡорамға инеп йөрөгән айырым ишекте Раббы йортонан алып ташлатты. Быларҙың барыһын да Ахаз Ашшур батшаһына ярар өсөн эшләне. Ахаздың башҡа ғәмәлдәре тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған. Ахаз үлеп, ата-бабалары хозурына күсте һәм Дауыт ҡалаһында ата-бабалары янында ерләнде. Уның урынына улы Хизкияһ батша булды. Ахаздың Йәһүҙәгә батшалыҡ итеүенең ун икенсе йылында Самарияла Исраил тәхетенә Һошеяғ Эла улы ултырҙы һәм туғыҙ йыл батша булды. Ул Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды, әммә Исраилдың үҙенә тиклемге батшалары һымаҡ уҡ булманы. Ашшур батшаһы Шалманасар Һошеяғҡа яу менән килде. Һошеяғ уға буйһондо һәм яһаҡ түләй башланы. Әммә бер йылды Һошеяғ Мысыр фирғәүене Соға ярҙам һорап илселәр ебәрҙе һәм Ашшурға һәр йыл түләргә кәрәк булған яһаҡты түләүҙән туҡтаны. Ашшур батшаһы, Һошеяғтың хыянаты тураһында белгәс, уны ҡулға алып, зинданға ултыртты. Ашшур батшаһы Исраил ерҙәренә һөжүм итте һәм, Самарияға килеп, уны өс йыл ҡамалышта тотто. Һошеяғтың батшалыҡ итеүенең туғыҙынсы йылында Ашшур батшаһы ҡаланы ҡулға төшөрҙө һәм Исраил халҡын Ашшурға һөргөнгә алып китте. Уларҙы Халахҡа, Хавор йылғаһы буйындағы Гозан төбәгенә һәм Мадай ҡалаларына төйәкләндерҙе. Былар барыһы ла Исраил халҡы үҙҙәрен Мысыр еренән алып сыҡҡан, Мысыр фирғәүене ҡулынан ҡотҡарған Аллалары Раббыға ҡаршы гонаһ ҡылғанға күрә булды. Улар башҡа илаһтарға табынды, Раббы алдарынан ҡыуып ебәргән ҡәүемдәрҙең йолаларын тотто һәм Исраил батшалары урынлаштырған ҡағиҙәләр буйынса йәшәне. Аллалары Раббы хуш күрмәгән ғәмәлдәр ҡылдылар, бөтә ерҙә – күҙәтеү манараларынан башлап, нығытмалы ҡалаларға тиклем – ялған илаһтарға табыныу ҡалҡыулыҡтары эшләнеләр. Бөтә түбәләрҙә һәм һәр бер суҡ япраҡлы ағас аҫтында табыныу бағаналары, Ашера хөрмәтенә ҡолғалар ҡуйылды. Раббы уларҙың алдынан ҡыуып ебәргән ҡәүемдәр кеүек, табыныу ҡалҡыулыҡтарында хуш еҫ төтәттеләр һәм Раббының асыуына тейә торған яман эштәр ҡылдылар. Раббының: «Былай эшләмәгеҙ!» – тип бойороуына ҡарамайынса, боттарға табындылар. Раббы Исраил һәм Йәһүҙә халҡын бөтә пәйғәмбәрҙәре һәм әүлиәләре аша киҫәтеп: «Яман юлдарығыҙҙы ташлағыҙ, ата-бабаларығыҙға биргән һәм ҡолдарым пәйғәмбәрҙәр аша һеҙгә еткергән ҡанунымдағы бойороҡ-ҡағиҙәләремде үтәгеҙ», – тине. Әммә улар тыңламаны, Аллалары Раббыға ышанмаған ата-бабалары кеүек үк тиҫкәре булды. Раббының ҡанундарынан, ата-бабалары менән төҙөгән килешеүенән, күрһәтмәләренән ваз кисеп, мәғәнәһеҙ боттарға табындылар һәм үҙҙәре лә мәғәнәһеҙгә әйләнделәр. Раббының эргә-тирәләрендәге ҡәүемдәр һымаҡ эшләмәҫкә бойороуына ҡарамаҫтан, тап шулар кеүек йәшәй башланылар. Аллалары Раббының бөтә бойороҡтарын үтәүҙән баш тарттылар, үҙҙәренә табыныу өсөн ике башмаҡ һыны ҡойоп алдылар, Ашераға ҡолға ҡуйҙылар, күк есемдәренә табындылар, Бәғелгә хеҙмәт иттеләр. Ул-ҡыҙҙарын ҡорбанға килтереп, утта яндырҙылар, сихыр һәм күрәҙәлек менән шөғөлләнделәр. Раббы хуш күрмәгән бөтә был яманлыҡтарҙы ҡылып, Уның асыуын килтерҙеләр. Раббы исраилдарға ныҡ ярһыны, уларҙан ваз кисеп, хозурынан ҡыуҙы – бары тик Йәһүҙә ырыуы ғына ҡалды. Әммә Йәһүҙә халҡы ла Аллалары Раббының бойороҡтарын тыңламаны. Улар ҙа исраилдарҙың яман ғәҙәттәренә эйәрҙе. Бынан һуң Раббы тотош Исраил тоҡомонан баш тартты, уларҙы дошмандары ҡулына биреп язаланы, һәм, ниһайәт, хозурынан бөтөнләй ҡыуҙы. Раббы Исраилды Дауыт йортонан тартып алғандан һуң, исраилдар Яровғам Неват улын үҙҙәренә батша итеп ҡуйғайны. Яровғам халыҡты Раббынан биҙҙерҙе һәм ҙур гонаһҡа батырҙы. Исраилдар Яровғам ҡылған бөтә залим эштәрҙе ҡабатланы, унан һис кенә лә ҡалышманы. Шуға күрә Раббы, быға тиклем ҡолдары пәйғәмбәрҙәр аша киҫәткәненсә, уларҙан бөтөнләй ситкә боролдо. Исраилдар үҙ илдәренән Ашшурға ҡыуылды һәм бөгөн дә шунда йәшәйҙәр. Ашшур батшаһы Бабил, Куҫа, Ғаууа, Хамаҫ һәм Сефарваим ҡалаларында йәшәгән кешеләрҙе исраилдар урынына күсерҙе. Улар Самария ҡалаларында төйәкләнде һәм уларға хужа булды. Баштараҡ улар Раббыға ғибәҙәт ҡылмай ине. Шуға күрә Раббы уларға арыҫландар ебәреп, ул йыртҡыстар кешеләрҙе үлтерә ине. Ашшур батшаһына: «Һин Самария ҡалаларына һөргән һәм уларҙа төйәкләнергә бойорған ҡәүемдәр был ил Аллаһының ҡанундарын белмәй. Шуға ла Ул арыҫландар ебәрә һәм йыртҡыстар уларҙы үлтерә», – тигән хәбәр барып етте. Ашшур батшаһы: – Самариянан һөрөлгән ҡаһиндарҙың береһен ебәрегеҙ. Кире ҡайтып, унда йәшәһен һәм иленең Аллаһының ҡанундарын башҡаларға өйрәтһен, – тип бойорҙо. Самариянан һөрөлгән ҡаһиндарҙың береһе Бейт-Илгә ҡайтып төйәкләнде һәм Раббыға ғибәҙәт ҡылырға өйрәтә башланы. Әммә һәр ҡәүем үҙенең илаһтарын да яһаны. Үҙҙәре йәшәгән ҡалаларҙа Самария халҡы төҙөп ҡалдырған ғибәҙәтханаларҙа ошо илаһтарҙың һындарын ҡуйҙылар. Бабилдар Суккоҫ-Беноҫты, куҫиҙар Нергалды, хамаҫтар Ашиманы, ғаууиҙар Нивхаз менән Тартаҡты яһаны, сефарваимдар иһә улдарын, илаһтары Адраммәләх менән Ғанаммәләхкә ҡорбан итеп, утта яндыра торған булды. Шул уҡ ваҡытта улар Раббыға ла ғибәҙәт ҡылдылар. Улар, урындағы табыныу ҡалҡыулыҡтарында хеҙмәт итһендәр өсөн, араларынан ҡаһиндар тәғәйенләнеләр. Шулай итеп, улар Раббыға ла ғибәҙәт ҡылды, бында күсеп килгәнсе ниндәй ҡәүем араһында йәшәгән булһалар, шул ҡәүемдәрҙең йолалары буйынса үҙҙәренең илаһтарына ла хеҙмәт итте. Бөгөнгә тиклем шулай: һәр кем элекке йолалары буйынса йәшәй, Раббынан ҡурҡмай, Раббы Исраил тип атаған Яҡуптың нәҫеленә үтәргә бойорған ҡағиҙәләрҙе, ҡарарҙарҙы, ҡанун һәм бойороҡтарҙы тотмай. Раббы Исраил халҡы менән килешеү төҙөп уларға: – Башҡа илаһтарға табынмағыҙ, уларға ғибәҙәт ҡылмағыҙ, хеҙмәт итмәгеҙ, ҡорбан килтермәгеҙ. Бөйөк ҡеүәте һәм ҡөҙрәте менән һеҙҙе Мысырҙан алып сыҡҡан Раббыға ғына табынығыҙ, ғибәҙәт ҡылығыҙ, ҡорбан килтерегеҙ. Уның һеҙгә яҙған ҡағиҙәләрен, ҡарарҙарын, ҡанун һәм бойороҡтарын һәр ваҡыт еренә еткереп үтәгеҙ, башҡа илаһтарға табынмағыҙ. Һеҙҙең менән төҙөгән килешеүҙе онотмағыҙ, башҡа илаһтарға табынмағыҙ. Бары тик Аллағыҙ Раббыға ғына табынығыҙ һәм Ул һеҙҙе бөтә дошмандарығыҙҙан ҡотҡарыр, – тигәйне. Әммә улар быға ҡолаҡ һалманы, үҙҙәренең элекке йолаларын тотто. Самарияла йәшәгән ҡәүемдәр Раббыға ла табынды, үҙҙәренең боттарын да онотманы. Уларҙың балалары менән ейәндәре лә бөгөнгә тиклем ата-бабалары һымаҡ йәшәй. Һошеяғ Эла улының Исраилға батшалыҡ итеүенең өсөнсө йылында Йәһүҙә тәхетенә Ахаз улы Хизкияһ ултырҙы. Тәхеткә ултырғанда Хизкияһҡа егерме биш йәш ине. Ул Йәрүсәлимдә егерме туғыҙ йыл батшалыҡ итте. Әсәһе – Ави Зәкәрьяһ ҡыҙы ине. Хизкияһ та боронғо бабаһы Дауыт һымаҡ уҡ, Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылды. Ул табыныу ҡалҡыулыҡтарын емерҙе, табыныу бағаналарын ватты, Ашераға ҡуйылған ҡолғаларҙы ҡырҡып ташланы, шулай уҡ Муса яһаған баҡыр йыланды юҡ итте. Сөнки исраилдар, Нехуштан тип исем ҡушып, шул көндәргә тиклем уның алдында хуш еҫ төтәтә торғайны. Хизкияһ ысын күңелдән Исраил Аллаһы Раббыға ғына инанды. Быға тиклем дә, бынан һуң да Йәһүҙә батшалары араһында уға еткән берәү ҙә булманы. Хизкияһ Раббыға тоғро булды, Уның юлынан айырылманы, Раббының Мусаға биргән бойороҡтарын еренә еткереп үтәне. Раббы һәр саҡ Хизкияһ менән булды, шуға күрә ниндәй эшкә тотонһа ла, ул уңыш ҡаҙанды. Хизкияһ башҡаса Ашшур батшаһына хеҙмәт итергә теләмәйенсә, баш күтәрҙе. Ул пелештиҙәрҙең Газа ҡалаһына тиклемге биләмәләрен яулап алды һәм күҙәтеү манараларынан башлап, нығытмалы ҡалаларға тиклем тар-мар итте. Хизкияһ батшалығының дүртенсе, йәғни Исраил батшаһы Эла улы Һошеяғтың етенсе йылында, Ашшур батшаһы Шалманасар Самарияға һөжүм итте һәм ҡаланы ҡамап алды. Өс йыл буйы ҡамауҙа булғандан һуң, Самария баш һалды. Был хәлдәр Хизкияһ батшалығының алтынсы, Һошеяғ батшалығының туғыҙынсы йылында булды. Ашшур батшаһы Исраил халҡын Ашшурға һөргөнгә ҡыуҙы һәм уларҙы Халахҡа, Хавор йылғаһы буйындағы Гозан төбәгенә һәм Мадай ҡалаларына урынлаштырҙы. Был бәләләр Исраил халҡы башына үҙҙәренең Аллалары Раббыны тыңламаған, Уның менән төҙөгән килешеүҙе боҙған һәм ҡоло Муса аша әйтелгән бойороҡтарын тотмаған өсөн килде. Улар Раббыға ҡолаҡ һалманылар, ҡушҡандарын үтәмәнеләр. Хизкияһ батша хакимлығының ун дүртенсе йылында Ашшур батшаһы Санхерив Йәһүҙәнең бөтә нығытмалы ҡалаларына һөжүм итте һәм уларҙы ҡулға төшөрҙө. Йәһүҙә батшаһы Хизкияһ ул ваҡытта Лахиш ҡалаһында булған Ашшур батшаһына: «Һинең алдыңда ғәйеплемен. Минең илемдән кит. Күпме һораһаң, шул тиклем түләрмен», – тигән хәбәр ебәрҙе. Ашшур батшаһы Йәһүҙә батшаһынан өс йөҙ талант көмөш һәм утыҙ талант алтын талап итте. Хизкияһ уға Раббы ҡорамында һәм батша һарайының хазина келәттәрендә булған бөтә көмөштө түләне. Шулай уҡ Йәһүҙә батшаһы Хизкияһ Раббы ҡорамының ишектәрендәге һәм ишек яңаҡтарындағы үҙе көпләткән бөтә алтынды ҡуптарып алып Ашшур батшаһына бирҙе. Шунан Ашшур батшаһы Лахиштан Йәрүсәлимгә ғәскәр башлығын, һарай башлығын һәм баш вәзирен бик ҙур ғәскәр менән Хизкияһ батшаға ебәрҙе. Улар, Йәрүсәлимгә килеп, Өҫкө быуаның арығы янында Кейеҙсе баҫыуына илткән юлда туҡтаны. Йәһүҙә батшаһын саҡырҙылар. Улар алдына батша һарайы башлығы Әлъяҡим Хилҡияһ улы, кәтип Шевна һәм батшалыҡтың йылъяҙмасыһы Йоах Асаф улы сыҡты. Баш вәзир уларға: – Хизкияһҡа еткерегеҙ, – тине. – Бөйөк батша, Ашшур батшаһы, былай ти: «Һин нимәгә өмөтләнәһең? Әйткәндәреңдең барыһы ла ҡоро һүҙ генә, ә һуғыш өсөн хәрби оҫталыҡ менән көс кәрәк. Һин кемгә өмөтләнеп миңә ҡаршы баш күтәрҙең? Бына һин сатнаған ҡамыш таяҡҡа – Мысырға таянмаҡсыһың. Белеп тор, был таяҡ үҙенә таянған кешенең ҡулына ҡаҙаласаҡ. Мысыр батшаһы фирғәүен дә үҙенә ышанғандар өсөн шулай булыр. Бәлки миңә: „Аллабыҙ Раббыға ышанабыҙ“, – тип әйтерһегеҙ? Әммә Хизкияһ, ошо Аллағыҙға табыныу ҡалҡыулыҡтарын, ҡорбан усаҡтарын боҙоп ташлап, Йәһүҙә халҡына һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә: „Фәҡәт Йәрүсәлимдәге ошо ҡорбан усағы алдында ғына сәждә ҡылығыҙ“, – тип әйтте түгелме?» Әйҙә минең хакимым Ашшур батшаһы менән ҡул һуғып килешегеҙ әле. Ул: «Мин һиңә ике мең баш ат бирәм – уларға һыбайлылар таба алырһыңмы икән?» – тип әйтә. Хакимымдың, исмаһам, иң бәләкәй хеҙмәтселәренең береһе булған сиреү башлығына нисек ҡаршы тора алырһың икән? Мысырҙың яу арбаларына һәм аттарына өмөтләнәһеңме? Әллә мин был ерҙе тар-мар итергә Раббы ихтыярынан тыш килгән тип уйлайһыңмы? Раббы Үҙе миңә: «Бар, ул илде ҡыйрат», – тине. Хилҡияһ улы Әлъяҡим, Шевна һәм Йоах баш вәзиргә: – Беҙ ҡолдарың менән арами телендә һөйләшһәң ине, – тинеләр. – Беҙ ул телде аңлайбыҙ. Йәһүдсә һөйләшмә, сөнки диуарҙар өҫтөндәге халыҡ беҙҙе ишетеп тора. Әммә баш вәзир: – Хакимым мине был һүҙҙәре бары тик һеҙгә һәм хакимығыҙға ғына һөйләргә ебәргән тиһегеҙме? – тип яуапланы. – Диуарҙар өҫтөндә торған һәм һеҙҙең кеүек үк үҙҙәренең нәжесен ашарға, һейҙеген эсергә мәжбүр буласаҡ һәр кемгә ебәрҙе. Баш вәзир, урынынан тороп, йәһүдсә: – Бөйөк батша, Ашшур батшаһының һүҙен тыңлағыҙ! – тип ҡысҡырҙы. – Батша былай ти: «Хизкияһ һеҙҙе алдамаһын, ул һеҙҙе минең ҡулдан ҡотҡара алмаясаҡ. Хизкияһ һеҙгә: „Раббы беҙҙе һис шикһеҙ ҡотҡарасаҡ, был ҡала Ашшур батшаһының ҡулына эләкмәйәсәк“, – тип әйтеп өмөтләндермәһен». Хизкияһты тыңламағыҙ, сөнки Ашшур батшаһы былай ти: «Минең менән татыулашығыҙ, минең яҡҡа сығығыҙ – һәр берегеҙ үҙенең йөҙөм тәлгәшенән, үҙенең инжир ағасынан ашар, үҙенең ҡоҙоғонан һыу эсер. Шунан һуң мин, килеп, һеҙҙе үҙегеҙҙеке кеүек үк илгә – ашлыҡ һәм яңы шарапҡа, икмәк һәм йөҙөм баҡсаларына, зәйтүн майына һәм балға бай илгә алып китермен һәм һеҙ үлмәҫһегеҙ, шунда ғүмер итерһегеҙ. Хизкияһтың әйткәненә ҡолаҡ һалмағыҙ. „Раббы беҙҙе ҡотҡарасаҡ“, – тип ул һеҙҙе алдамаһын. Башҡа ҡәүемдәрҙең илаһтарының береһе үҙ илен Ашшур батшаһының ҡулынан берәй ваҡыт ҡотҡара алдымы? Хамаҫ менән Арпад илаһтары ҡайҙа? Сефарваимдың, Һенағтың, Ғиууаның илаһтары ҡайҙа? Самарияны минән ҡотҡара алдылармы ни? Бөтә был илдәрҙең илаһтарының ҡайһыһы минән илен ҡотҡарып алып ҡалды? Шулай булғас, Раббы нисек Йәрүсәлимде минең ҡулымдан ҡотҡарһын?» Халыҡ өндәшмәне, өнһөҙ ҡалды, сөнки Хизкияһ: «Яуап ҡайтармағыҙ!» – тип бойорғайны. Шунан батша һарайы башлығы Хилҡияһ улы Әлъяҡим, кәтип Шевна һәм батшалыҡтың йылъяҙмасыһы Асаф улы Йоах ҡайғынан кейемдәрен йыртып, Хизкияһҡа барҙылар һәм баш вәзирҙең һүҙҙәрен һөйләп бирҙеләр. Был хаҡта ишеткәс, Хизкияһ батша кейемдәрен йыртып ташланы ла, ҡыл туҡыма уранған килеш, Раббы йортона йүнәлде. Батша һарайы башлығы Әлъяҡимды, кәтип Шевнаны, өлкән ҡаһиндарҙы Амус улы Ишағыяһ пәйғәмбәргә ебәрҙе. Барыһы ла ҡыл туҡымаға уранғайны. Тегеләр барып Ишағыяһҡа: – Хизкияһ: «Бөгөн ҡайғы, яза һәм мәсхәрә көнө. Сабый тыуымға килгән, әммә тыуҙырырға хәл ҡалмаған. Тере Алланы мыҫҡыллар өсөн хужаһы Ашшур батшаһы тарафынан ебәрелгән баш вәзирҙең бөтә был һүҙҙәрен, бәлки, Аллаң Раббы ишетер ҙә уны язалар. Шуға күрә иҫән ҡалғандар өсөн доға ҡылһаңсы», тип әйтте, – тинеләр. Бына Мин Ашшур батшаһына бер рух күндерәм. Ул бер хәбәр алыр ҙа үҙ иленә ҡайтып китер. Шунда Мин уны ҡылыстан үткәрәсәкмен». Ул арала баш вәзир үҙенең батшаһының Лахиш ҡалаһынан китеп, әле Ливнаға һөжүм иткәнен ишетте. Уның менән осрашырға шунда йүнәлде. Шул саҡ Ашшур батшаһы Куш батшаһы Тирһаҡаның яу менән килеүе тураһында хәбәр алды һәм Хизкияһҡа тағы илселәр ебәрҙе. – Йәһүҙә батшаһы Хизкияһҡа әйтегеҙ, – тине ул. – «Һин өмөт тотҡан Аллаң, Йәрүсәлим Ашшур батшаһының ҡулына төшмәйәсәк», тип һине алдамаһын. Ашшур батшаларының бөтә илдәр менән ниҙәр эшләгәнен, ҡалаларын ни рәүешле ер менән тигеҙләгәнен ишеткәнһеңдер. Әллә һин ҡотолоп ҡалырмын тип уйлайһыңмы? Ата-бабаларым тар-мар иткән ҡәүемдәрҙең илаһтары уларҙы ҡотҡарҙымы? Гозанды, Харанды, Ресефты, Телассарҙағы Ғеден халҡын ҡотҡара алдылармы? Хамаҫ менән Арпад батшалары, Сефарваим ҡалаһының батшаһы, Һенағ менән Ғиууа батшалары ҡайҙа хәҙер? Хизкияһ батша хатты илселәрҙең ҡулынан алып уҡығандан һуң, Раббы йортона китте. Унда килгәс, хатты Раббы хозурында йәйеп һалды ла былай тип доға ҡылды: – Эй кирубтар араһында тәхет ҡорған Исраил Аллаһы Раббы! Ерҙәге бөтә батшалыҡтарҙың берҙән-бер Аллаһы Һин. Күк менән ерҙе Һин яраттың. Йә Раббы, ҡолаҡ һал да тыңла, күҙҙәреңде ас та күр! Йә Раббы, Һине, тере Алланы хурларға ебәргән Санхеривтың һүҙҙәрен ишет. Ысынлап та, эй Раббы, Ашшур батшалары бик күп ҡәүемдәрҙе тар-мар итте, ерҙәрен бушлыҡҡа әйләндерҙе, илаһтарын утҡа яҡты. Тик был илаһтар Алла түгел, ә ағастан һәм таштан кеше ҡулы менән яһалған һындар ине. Шуға ла уларҙы юҡ иттеләр. Йә Раббы Аллабыҙ, инде беҙҙе Санхеривтың ҡулынан ҡотҡарһана, бөтә донъя батшалыҡтары Һинең, йә Раббым, берҙән-бер Алла булғаныңды белһен. Амус улы Ишағыяһ Хизкияһҡа ошо хәбәрҙе ебәрҙе: – Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Ашшур батшаһы Санхеривҡа ҡағылышлы доғаңды ишеттем. Раббы уның тураһында ошо һүҙҙәрҙе әйтте: Ғиффәтле Сион-ҡыҙ һинән мыҫҡыл итеп көлә; Йәрүсәлим-ҡыҙ артыңдан баш сайҡап ҡала. Кемде мәсхәрәләнең һин, кемде хурланың? Кемгә тауыш күтәрҙең? Эреләнеп кемгә баҡтың? – Исраилдың Изгеһенә! Илселәрең аша Мин бөйөк Хакимды хурланың, „Иҫәпһеҙ яу арбаларым менән Тауҙарҙың үренә мендем, Ливан арҡаларына артылдым. Бейек кедр ағастарын, Һайландыҡ кипаристарҙы ҡырҡтым, Иң алыҫ төбәгенә, ҡуйы урмандарына олғаштым. Сит ерҙәрҙә ҡоҙоҡ ҡаҙҙым, һыуҙар эстем; Аяҡ табандарым менән Мысыр йылғаларын ҡороттом“, – тинең. Быларҙың барыһын электән үк әҙерләгәнемде, Борон замандан уҡ ниәтләгәнемде ишетмәгәйнеңме ни? Нығытмалы ҡалаларҙы емереп, Уларҙы харабаға әйләндереп, Һинең аша ниәтемде әле бойомға ашырҙым. Ул ҡалаларҙа йәшәүселәр көсһөҙләнде, Ҡурҡыуға төшөп, оятҡа ҡалдылар; Улар ҡырҙағы үҫемлек, болондағы йәшеллек, Өй башында тамыр ебәрмәҫ борон Көнсығыш еленән көйгән үлән кеүек булды. Ултырғаныңды һәм торғаныңды, Ингәнеңде-сыҡҡаныңды, Миңә ҡаршы ярһыуыңды белеп торам. Миңә асыу тотҡаныңа күрә, Маһайыуың килеп ишетелгәнгә, Мороноңа ырғаҡ, Ауыҙыңа ауыҙлығымды кейҙерәм; Һине килгән юлыңдан кире ебәрәм. Ә һиңә, Хизкияһ, бына ниндәй билдә булыр: Быйыл – ҡойолған игендән үҫкәнде, Икенсе йыл – үҙе тишелеп сыҡҡанды ашарһығыҙ; Өсөнсө йылына үҙегеҙ сәсерһегеҙ һәм урырһығыҙ, Йөҙөм баҡсалары ултыртырһығыҙ, Уларҙың емешен ейерһегеҙ. Йәһүҙә нәҫеленең ҡотолоп һау ҡалғандары Яңынан төпкә тамыр ебәрер, юғарыла – емешләнер. Сөнки иҫән ҡалғандар – Йәрүсәлимдән, Тере ҡалғандар Сион тауынан сығасаҡ. Быны Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙ ғәйрәте менән тормошҡа ашырасаҡ. Шуға күрә Раббы Ашшур батшаһы тураһында былай ти: „Ул был ҡалаға инмәҫ, уҡ атмаҫ. Ҡалаға ҡалҡаны менән яҡынлашмаҫ, Ҡамау өсөн әйләндереп уба ҡормаҫ. Килгән юлынан боролоп китер, Был ҡалаға кермәҫ, – тип белдерә Раббы. – Был ҡаланы Үҙемдең хаҡыма, Ҡолом Дауыттың хаҡына Һаҡлармын һәм ҡотҡарып ҡалырмын“». Шул төндө Раббы фәрештәһе килеп, ашшурҙарҙың тупламында йөҙ ҙә һикһән биш мең кешене үлтерҙе. Иртәнсәк тороп ҡараһалар, барыһы ла үлеп ята. Ашшур батшаһы Санхерив сигенде, Ниневегә ҡайтып китте һәм шунда йәшәне. Бер көндө үҙ илаһы Нисрохтың ҡорамында табынған сағында, улдары Адраммәләх һәм Саресер уны ҡылыс менән сәнсеп үлтерҙе һәм Арарат еренә ҡасты. Санхерив урынына улы Эсар-Хаддон батша булды. Шул көндәрҙә Хизкияһ үлемесле ауырыуға тарыны. Амус улы Ишағыяһ пәйғәмбәр уға килеп әйтте: – Раббы былай ти: «Йортоңа васыятыңды еткер, сөнки ауырыуыңдан һауыға алмаҫһың, үлерһең». Хизкияһ йөҙө менән диуарға боролоп ятты ла Раббыға ялбарҙы. – Йә Раббы! Һин хуш күргән ғәмәлдәр ҡылып, тоғролоҡ менән, ысын күңелдән Һинең юлыңдан йөрөгәнемде иҫеңә төшөрһәң ине, – тип әсенеп-әсенеп иланы. Ишағыяһ урта ихатанан сығып өлгөрмәгәйне әле, шунда уға Раббы һүҙе булды: – Кире борол да халҡымдың етәксеһе Хизкияһҡа ошо хәбәрҙе еткер, атайың Дауыттың Аллаһы Раббы былай ти: «Доғаңды ишеттем, күҙ йәштәреңде күрҙем. Бына, һаулығыңды ҡайтарам. Өсөнсө көндә Раббы ҡорамына барырһың. Ғүмереңде ун биш йылға оҙайтам. Һине лә, ҡаланы ла Ашшур батшаһы ҡулынан ҡотҡарам. Был ҡаланы Үҙем һәм ҡолом Дауыт хаҡына һаҡлап алып ҡалам». – Инжир ҡағы килтерегеҙ, – тине Ишағыяһ. Инжир ҡағы алып килеп, сиҡан өҫтөнә яптылар. Шунан Хизкияһ сәләмәтләнә башланы. – Раббының мине һауыҡтырырына һәм өсөнсө көн Раббы ҡорамына бара аласағыма ниндәй билдә булыр? – тип һораны Хизкияһ. – Раббының әйткән һүҙен бойомға ашырасағына билдә шул булыр, – тип яуапланы Ишағыяһ. – Күләгә ун баҫҡысҡа алғараҡ үтһенме, әллә ун баҫҡысҡа кире сигенһенме? – Күләгәнең ун баҫҡысҡа алға үтеүе тәбиғи, – тине Хизкияһ. – Ун баҫҡысҡа кире сигенһен әйҙә. Ишағыяһ Раббыға ялбарҙы һәм Раббы Ахаз баҫҡысы буйлап төшөп барған күләгәне ун баҫҡысҡа кире сигендерҙе. Шул осорҙа Бабил батшаһы Баладан улы Меродах-Баладан Хизкияһҡа хат менән бүләктәр ебәрҙе, сөнки уның ауырығаны тураһында ишеткәйне. Хизкияһ илселәрҙе ҡабул итте. Уларға хазина йортон, алтын-көмөштө, хушбуйҙарҙы, ҡиммәтле майҙарҙы, ҡорал йортон, келәттәрендә булған бөтә нәмәләрен күрһәтте; һарайында һәм биләмәләрендә күрһәтмәгән бер генә нәмә лә ҡалманы. Ишағыяһ пәйғәмбәр Хизкияһ батшаға килеп: – Был кешеләр һиңә нимә тип әйтте, ҡайҙан килгәйне? – тип һораны. – Алыҫ бер илдән, Бабилдан килделәр, – тип яуап бирҙе уға Хизкияһ. – Һарайыңда нимәләр күрҙеләр? – тип һораны Ишағыяһ. – Һарайымдағы бөтә нәмәне лә күрҙеләр. Хазиналарымдан уларға күрһәтмәгән бер нәмә лә ҡалманы, – тип яуапланы Хизкияһ. Шунда Ишағыяһ былай тине: – Раббының әйткәненә ҡолаҡ һал. Раббы былай ти: «Бер көн килеп, һарайыңдағы һәр нәмә, ата-бабаларың бөгөнгә тиклем йыйған барса әйбер Бабилға алып кителер. Бер нәмә лә ҡалмаҫ. Һинең нәҫелеңдән булған һәм һинән тыуған ҡайһы бер улдарыңды ла алып китерҙәр, улар Бабил батшаһының һарайында алашар булып хеҙмәт итер». Хизкияһ Ишағыяһҡа: – Раббының әле һинең аша тапшырған һүҙе яҡшы, – тине лә эсенән: «Ғүмеремдең ахырына тиклем имен-аман була икән әле», – тип уйланы. Хизкияһтың башҡа ғәмәлдәре, уның ҡаһарманлығы, быуа һәм һыу үткәргес эшләткәне, ҡалаға һыу индергәне тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған. Хизкияһ үлеп, ата-бабаларына ҡушылды, уның урынына улы Менашше батша булды. Тәхеткә ултырғанда Менашшеға ун ике йәш ине. Ул Йәрүсәлимдә илле биш йыл батшалыҡ итте. Әсәһенең исеме Хефсиба ине. Менашше Раббы Исраил халҡы алдынан ҡыуып ебәргән ҡәүемдәрҙең ерәнгес йолаларын ҡабатлап, Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды. Атаһы Хизкияһ емерткән табыныу ҡалҡыулыҡтарын яңынан торғоҙҙо. Исраил батшаһы Ахав кеүек Бәғелгә ҡорбан усаҡтары төҙөттө, Ашераға ҡолғалар ҡуйҙырҙы, барлыҡ күк есемдәренә сәждә ҡылып, уларға табынды. Раббының: «Минең исемем Йәрүсәлимдә төйәкләнер» тигән ҡорамында ят илаһтарға ҡорбан усаҡтары төҙөттө. Раббы ҡорамының ике ихатаһында ла бөтә күк есемдәренә бағышлап ҡорбан усаҡтары яһатты. Улын утҡа һалып ҡорбан итте, күрәҙәлек һәм сихыр менән шөғөлләнде, әруахтарҙың рухын саҡырыусылар, тылсымсылар менән аралашты, Раббы хуш күрмәгән бик күп эштәр ҡылып Уны асыуландырҙы. Менашше Ашераның ҡолғаһын Раббы ҡорамына урынлаштырҙы. Ә бит Раббы Дауыт менән уның улы Сөләймәнгә: «Был йортта һәм Мин Исраилдың бөтә ырыуҙары араһынан һайлап алған Йәрүсәлимдә исемем мәңгегә төйәкләнер. Әгәр ҙә Мин уларға бойорғанды һәм ҡолом Муса уларға әмер иткән бөтә ҡанунды теүәл үтәһәләр, Мин ата-бабаларына биргән ерҙән исраилдар мәңге китмәҫ», – тигәйне. Әммә халыҡ быға ҡолаҡ һалманы. Менашше уларҙы шул тиклем юлдан яҙҙырҙы, хатта Раббы Исраил халҡы алдынан юҡ иткән ҡәүемдәрҙән дә былайыраҡ золом ҡылдылар. Ҡолдары пәйғәмбәрҙәр аша Раббы былай тип белдерҙе: – Йәһүҙә батшаһы Менашше был ерәнгес эштәрҙе ҡылғаны, үҙҙәренән алда йәшәгән әмөриҙәрҙән дә уҙҙырып, күп әшәкелектәр эшләгәне, боттарға табындырып, Йәһүҙә халҡын гонаһҡа батырғаны өсөн Исраил Аллаһы Раббы: «Йәрүсәлим менән Йәһүҙәнең башына шундай һәләкәт ебәрәм, хатта ул турала ишеткәндәрҙең бөтәһенең ҡолаҡтары сыңлар, – тип белдерә. – Самария менән Ахав нәҫелен нисек язалаһам, Йәрүсәлимде лә шулай язалайым. Нисек һауытты һөртөп, түңкәреп ҡуялар, Мин дә тап шулай итеп Йәрүсәлимде һөртөп, түңкәреп ҡуясаҡмын. Халҡымдың иҫән ҡалғандарынан баш тартам, уларҙы дошмандары ҡулына тапшырам. Дошмандары уларҙы талап, үҙҙәренә табыш итер. Сөнки улар Мин хуш күрмәгән ғәмәлдәр ҡылды, ата-бабалары Мысырҙан сыҡҡан көндән башлап бөгөнгә тиклем был халыҡ Мине асыуландырҙы». Менашше Раббы күҙендә яман булған ғәмәлдәр ҡылып, Йәһүҙәне гонаһҡа батырыу менән генә сикләнмәне, ғәйепһеҙҙәрҙең ҡанын түгеп, Йәрүсәлимде тотошлай ҡанға батырҙы. Менашшеның ҡалған бөтә ғәмәлдәре, ул ҡылған гонаһтар тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған. Менашше үлеп, ата-бабалары хозурына күсте һәм һарайы янындағы Ғузза баҡсаһында ерләнде. Уның урынына улы Амон батша булды. Амон егерме ике йәшендә тәхеткә ултырҙы һәм Йәрүсәлимдә ике йыл батша булды. Әсәһе – Йотва ҡалаһынан Харустың ҡыҙы Мешулләмәҫ ине. Амон, атаһы Менашше кеүек үк, Раббы күҙендә яман булған ғәмәлдәр ҡылды, һәр эштә атаһының юлын ҡыуып, атаһы хеҙмәт иткән боттарға табынды, уларға хеҙмәт итте. Ул ата-бабаларының Аллаһы Раббынан ваз кисте, Раббының юлынан йөрөмәне. Ярандары Амонға ҡаршы фетнә ойошторҙо һәм уны һарайында үлтерҙе. Ил халҡы Амонға ҡаршы фетнә ойошторғандарҙың барыһын да ҡырып, улы Йошияһты батша итеп ҡуйҙы. Амондың ҡалған бөтә ғәмәлдәре тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған. Амонды Ғузза баҡсаһындағы үҙ зыяратына ҡуйҙылар. Уның урынына улы Йошияһ батша булды. Тәхеткә ултырғанда Йошияһҡа һигеҙ йәш ине. Ул Йәрүсәлимдә утыҙ бер йыл батшалыҡ итте. Әсәһе – Босҡаҫтан Ғадаяһ ҡыҙы Йедидаһ ине. Йошияһ Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылды, һәр эштә боронғо бабаһы Дауыттың юлын тотто, уңға ла, һулға ла тайпылманы. Батшалыҡ итеүенең ун һигеҙенсе йылында Йошияһ Асалъяһтың улы, Мешулламдың ейәне Шафанды, батша кәтибен, Раббы йортона ебәреп, былай тине: – Баш ҡаһин Хилҡияһҡа барып әйт, тупһа һаҡсылары Раббы ҡорамына килгән халыҡтан йыйған көмөштө алып һанаһындар. Уны Раббы ҡорамындағы эштәргә етәкселек итергә тәғәйенләнгән кешеләргә бирһендәр. Был аҡсалар Раббы ҡорамын йүнәтеүселәргә: балта оҫталарына, төҙөүселәргә, ташсыларға хеҙмәт хаҡы итеп түләнһен, шулай уҡ ҡорамды төҙәтеү өсөн кәрәк булған ағас, юнылған таш һатып алыуға тотонолһон. Хәйер, был кешеләрҙең ҡулдарына бирелгән аҡсаны нимәгә тотоноуҙарына яуап һоралмаһын, сөнки уларға ышанырға була. Баш ҡаһин Хилҡияһ: – Раббы ҡорамында ҡанун китабы табып алдым, – тине һәм кәтип Шафандың ҡулына бер төргәк китап тотторҙо. Шафан уны уҡып сыҡты. Кәтип Шафан батшаға хисап менән килде: – Һинең хеҙмәтселәрең Раббы ҡорамында булған бөтә көмөштө ҡорамды төҙөкләндереү менән етәкселек итеүселәргә бирҙеләр, – тине. Шунан ул батшаға: – Хилҡияһ ҡаһин миңә бер китап бирҙе, – тине лә был китапты батшаға уҡыны. Батша ҡанун китабында яҙылғандарҙы ишеткәс, кейемдәрен йыртҡылап ташланы. Хилҡияһ ҡаһинға, Шафан улы Ахиҡамға, Михаяһ улы Ғахборға, Шафан кәтипкә, батшаның хеҙмәтсеһе Ғасаяһҡа былай тип бойорҙо: – Барығыҙ, минең хаҡҡа, халыҡ хаҡына, бөтә Йәһүҙә хаҡына ошо табылған китапта яҙылғандар тураһында Раббынан һорап белешегеҙ. Ата-бабаларыбыҙҙың был китаптағы һүҙҙәргә ҡолаҡ һалмағандары, һәммәбеҙ өсөн яҙылғандар буйынса йәшәмәгәндәре өсөн Раббының беҙгә ҡабынған асыуы ғәйәт ҡатылыр! Хилҡияһ ҡаһин, Ахиҡам, Ғахбор, Шафан һәм Ғасаяһ, барып, Раббы ҡорамында кейем-һалымдарҙы ҡараусы Шаллумдың ҡатыны Хулда исемле пәйғәмбәр ҡатын менән кәңәшләштеләр. Шаллум Тиҡуаның улы, Хархастың ейәне ине. Хулда Йәрүсәлимдең яңы биҫтәһендә йәшәй ине. Хулда уларға былай тине: – Исраилдың Аллаһы Раббы әйтә: «Һеҙҙе Миңә ебәргән кешегә еткерегеҙ. „Раббы былай ти: Мин хәҙер бына был урынға, унда йәшәгән кешеләргә Йәһүҙә батшаһы уҡыған китапта яҙылған бөтә һүҙҙәргә ярашлы бәлә-ҡаза ебәрәм. Улар Минән ваз кистеләр, башҡа илаһтарға хуш еҫ төтәттеләр, үҙ ҡулдарының эше менән Минең асыуымды ҡабарттылар, шуға күрә был урынға асыуым ялҡынланасаҡ һәм һүнмәйәсәк“. Һеҙҙе Раббынан һорашып-белешер өсөн ебәргән Йәһүҙә батшаһына иһә белдерегеҙ: „Исраилдың Аллаһы Раббы әле һин ишеткәндәр хаҡында былай ти: Был ер вайран булып, бында йәшәүселәр ләғнәткә дусар булыр, тигән һүҙҙәремде ишеткәндән һуң, күңелең йомшарҙы һәм үҙеңдең тәкәбберлегеңде йүгәнләнең, ҡайғынан кейемеңде йыртып, алдымда иланың. Шуның өсөн Мин һине ишеттем, – ти Раббы. – Шуға күрә Мин һине ата-бабаларың янына оҙатырмын, һин тыныслыҡта дәфен ҡылынырһың. Күҙҙәрең был урынға Мин килтерәсәк оло һәләкәтте күрмәҫ“». Ҡайтып, был яуапты батшаға һөйләп бирҙеләр. Батша, хәбәр ебәреп, Йәһүҙә менән Йәрүсәлимдең бөтә аҡһаҡалдарын янына йыйҙы. Шунан Йәһүҙә кешеләрен, Йәрүсәлимдә йәшәүселәрҙе, ҡаһиндарҙы, пәйғәмбәрҙәрҙе, олоһонан алып кесеһенә тиклем бөтә халыҡты эйәртеп, Раббы ҡорамына сыҡты. Шунда ул Раббы ҡорамында табылған Килешеү китабын уларға бәйнә-бәйнә ҡысҡырып уҡыны. Бағана янында баҫып торған батша Раббы менән килешеү төҙөнө: Раббы юлынан йөрөргә, Уның бойороҡтарын, күрһәтмәләрен һәм ҡағиҙәләрен бөтә йөрәктән, ихлас күңел менән теүәл үтәргә, был китапта яҙылған килешеүҙең шарттарын ғәмәлгә ашырырға вәғәҙә бирҙе. Бар халыҡ был килешеүгә ҡушылды. Батша баш ҡаһин Хилҡияһҡа, ҡаһин ярҙамсыларына һәм тупһа һаҡсыларына Бәғел, Ашера һәм күк есемдәре өсөн яһалған бөтә нәмәләрҙе Раббы ҡорамынан сығарырға бойорҙо. Был әйберҙәрҙе Йәрүсәлимдең тышында, Ҡидрон үҙәне ҡырҙарында яндырҙы һәм көлөн Бейт-Ил ҡалаһына алып барҙы. Йәһүҙә батшалары тарафынан ҡалаларҙа һәм Йәрүсәлим тирәһендәге табыныу ҡалҡыулыҡтарында Бәғелгә, ҡояшҡа, айға, йондоҙлоҡтарға һәм бөтә күк есемдәренә хуш еҫ төтәтер өсөн тәғәйенләгән ялған ҡаһиндарҙы ҡыуып таратты. Ашераның ҡолғаһын Раббы ҡорамынан сығарып, Йәрүсәлимдең тышында, Ҡидрон үҙәнендә яндырҙы, уны көл-туҙанға әйләндергәнсе онтап, ябай халыҡтың ҡәберҙәре өҫтөнә һипте. Фәхешсе ирҙәрҙең Раббы ҡорамы биләмәһендә урынлашҡан торлаҡтарын емерҙе. Ҡатындар унда Ашера өсөн япмалар туҡый торғайны. Батша Йәһүҙә ҡалаларынан бөтә ҡаһиндарҙы килтертте, Гевағтан алып Беер-Шәвәғкә тиклем был ҡаһиндар хуш еҫ төтәткән барлыҡ табыныу ҡалҡыулыҡтарын нәжесләне; ҡала ҡапҡаһынан һулдағы, ҡала башлығының исеме менән аталған Йеһошуағ ҡапҡаһы янындағы табыныу урынын емерҙе. Табыныу ҡалҡыулыҡтарының ҡаһиндарына Раббының Йәрүсәлимдәге ҡорбан усағында ҡорбан ғәмәлен башҡарырға рөхсәт ителмәй, ләкин бүтән ҡаһиндар менән бергә сөсө икмәк ашарға ярай ине. Бер кем дә улын йәки ҡыҙын Мөләх илаһҡа утта ҡорбан итә алмаһын өсөн, Йошияһ Бен-Һинном үҙәнендәге Төфәҫте нәжесләне. Йәһүҙә батшалары элек Раббы ҡорамына ингән ерҙә, һарай әһеле Наҫан-Мәләхтең бүлмәһе янында, ҡояшҡа бағышлап аттар ҡуя торғайны. Йошияһ унан аттарҙы алды, ә ҡояшҡа арналған арбаларҙы утҡа яҡты. Ахаздың өҫкө ҡаттағы бүлмәһенең түбәһендә Йәһүҙә батшалары эшләткән ҡорбан усаҡтарын, Менашше Раббы ҡорамының ике ихатаһында ла яһатҡан ҡорбан усаҡтарын ҡолатты, уларҙы емертеп, онтағын Ҡидрон үҙәненә ташланы. Йәрүсәлимдең көнсығышында, Һәләкәт тауының көньяғында Исраил батшаһы Сөләймән сидондарҙың ерәнгес алиһәһе Ғаштореҫҡа, моавтарҙың ерәнгес бото Кемошҡа, ғаммондарҙың ерәнгес бото Милкомға ҡорған табыныу ҡалҡыулыҡтарын нәжесләне, табыныу бағаналарын ватты, Ашераның ҡолғаларын ҡырҡып ырғытты, ул урындарға кеше һөйәктәре таратып ташланы. Быларҙан башҡа батша Исраилды гонаһҡа батырған Яровғам Неват улы Бейт-Илдә төҙөткән ҡорбан усағын табыныу урыны менән бергә емерҙе, табыныу урынын яндырып, көл-туҙанға әйләндерҙе, Ашераның ҡолғаһын яҡты. Шунан Йошияһ тирә-яҡты байҡаны һәм тауҙағы ҡәберҙәрҙе күреп ҡалды. Кеше ебәртеп, ундағы һөйәктәрҙе сығартты һәм, уларҙы ҡорбан усағы өҫтөндә яндырып, усаҡты нәжесләне. Шул рәүешле Раббының Алла бәндәһе аша белдерелгән һүҙе ғәмәлгә ашты. Йошияһ: – Кемгә ҡуйылған һәйкәлде күрәм мин? – тип һораны. – Йәһүҙәнән килеп, әле һинең Бейт-Илдәге ҡорбан усағын нимә эшләткәнеңде алдан әйтеп ҡалдырған Алла бәндәһенең ҡәбере, – тип яуап бирҙе ҡала халҡы. – Уға ҡағылмағыҙ, – тине батша. – Бер кем дә уның һөйәктәрен борсомаһын. Шулай итеп, Алла бәндәһенең һөйәктәренә лә, Самариянан килгән пәйғәмбәрҙең һөйәктәренә лә теймәнеләр. Йошияһ Исраил батшаларының, Раббыны асыуландырып, Самария ҡалаларында эшләгән барлыҡ табыныу ҡалҡыулыҡтарын да Бейт-Илдәге кеүек үк емерҙе. Ул табыныу ҡалҡыулыҡтарындағы бөтә ҡаһиндарҙы ҡорбан усаҡтарында сәнсеп үлтерҙе һәм ҡорбан усаҡтарында кеше һөйәктәрен яндырҙы. Шунан Йәрүсәлимгә әйләнеп ҡайтты. Батша бар халыҡҡа: «Ошо Килешеү китабында яҙылғанса, Аллағыҙ Раббыға бағышлап Ҡотҡарылыу байрамын үткәрегеҙ», – тип бойороҡ бирҙе. Исраилға идара иткән хакимдар заманынан һуң, Исраил батшалары дәүерендә лә, Йәһүҙә батшалары хакимлыҡ иткән ваҡыттарҙа ла Ҡотҡарылыу байрамының был рәүешле билдәләп үтелгәне булманы. Шулай итеп, Раббыға бағышланған был Ҡотҡарылыу байрамы Йошияһ батшалығының ун һигеҙенсе йылында Йәрүсәлимдә уҙғарылды. Быларҙан башҡа Йошияһ, Хилҡияһ ҡаһин Раббы ҡорамында тапҡан китапта яҙылған ҡанунға ярашлы, әруахтарҙың рухын саҡырыусыларҙы һәм күрәҙәселәрҙе, йорт илаһтарының һындарын һәм боттарҙы, Йәһүҙә ерендә һәм Йәрүсәлимдә күренгән барлыҡ әшәкелектәрҙе юҡ итте. Йошияһҡа тиклем дә, унан һуң да Раббыға бөтә йөрәктән, йәне-тәне менән бирелгән һәм Мусаның ҡанунын шулай үтәгән бер генә батша ла булманы. Әммә Менашше үҙенең хилаф эштәре менән Раббыны ныҡ асыуландырғанға күрә, Раббы Йәһүҙәгә ҡаршы ялҡынланған ярһыуынан ваз кисмәне. Ул: – Быға тиклем Исраилды хозурымдан нисек алып ташлаған булһам, Йәһүҙәне лә шулай алып ташлаясаҡмын, – тине. – Үҙемә тип һайлап алған ҡала Йәрүсәлимдән дә, «исемем ошонда төйәкләнер» тигән был ҡорамдан да баш тартам. Йошияһтың башҡа ғәмәлдәре тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған. Йошияһ батшалыҡ иткән осорҙа Мысыр фирғәүене Нехо, Ашшур батшаһына ярҙам итер өсөн, яу менән Евфрат йылғаһына йүнәлде. Йошияһ батша уға ҡаршы сыҡты һәм фирғәүен, Йошияһ менән Мегиддола осрашып, уны үлтерҙе. Хеҙмәтселәре Йошияһтың мәйетен яу арбаһында Мегиддонан Йәрүсәлимгә алып ҡайтып, үҙенең төрбәһенә дәфен ҡылды. Йәһүҙә халҡы Йошияһтың улы Йеһоахазды мәсехләп, уны атаһы урынына батша итеп ҡуйҙы. Тәхеткә ултырғанда Йеһоахазға егерме өс йәш ине. Ул Йәрүсәлимдә өс ай батшалыҡ итте. Әсәһе – Хамутал Ливна ҡалаһынан Йермеяһ ҡыҙы ине. Йеһоахаз ата-бабалары кеүек үк Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды. Йәрүсәлимдә башҡа батшалыҡ итмәһен өсөн, фирғәүен Нехо Йеһоахазды Хамаҫ ерендә, Ривлала, әсиргә алды һәм Йәһүҙәгә йөҙ талант көмөш, бер талант алтын күләмендә түләү һалды. Йошияһтың улы Әлъяҡимды, исемен Йеһояҡим тип үҙгәртеп, атаһының урынына батша итеп ҡуйҙы. Йеһоахазды иһә Мысырға алып китте. Йеһоахаз шунда үлде. Йеһояҡим фирғәүенгә алтынды һәм көмөштө бирҙе. Фирғәүен талап иткән тиклем алтын-көмөш йыйыр өсөн Йеһояҡим ил халҡына, һәр береһенең байлығына ҡарап, һалым һалды. Тәхеткә ултырғанда Йеһояҡимға егерме биш йәш ине. Ул Йәрүсәлимдә ун бер йыл батшалыҡ итте. Әсәһе Зевуддаһ – Рума ҡалаһынан Педаяһ ҡыҙы ине. Йеһояҡим да, ата-бабалары кеүек, Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды. Йеһояҡим батшалыҡ иткән осорҙа Бабил батшаһы Навуходоносор Йәһүҙәгә яу менән килде. Йеһояҡим өс йыл буйы уға буйһоноп йәшәне, унан һуң баш күтәрҙе. Раббы, Үҙенең ҡолдары пәйғәмбәрҙәр аша әйткәндәренә ярашлы, Йәһүҙәне юҡ итер өсөн уға ҡаршы Халдей, Арам, Моав, Ғаммон баҫҡынсыларын ебәрҙе. Йеһояҡимдың башҡа ғәмәлдәре тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған. Йеһояҡим үлеп, ата-бабаларына ҡушылғас, уның урынына улы Йеһояхин батша булды. Мысыр фирғәүене башҡаса үҙ ерҙәренән сыҡманы, сөнки Бабил батшаһы уның Мысыр сигендәге йылғанан алып Евфрат йылғаһына тиклемге бөтә биләмәләрен яулап алғайны. Йеһояхин ун һигеҙ йәшендә тәхеткә ултырҙы һәм Йәрүсәлимдә өс ай батшалыҡ итте. Әсәһе Йәрүсәлимдән Нехушта Әлнаҫан ҡыҙы ине. Йеһояхин да, атаһы һымаҡ, Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды. Шул осорҙа Бабил батшаһы Навуходоносорҙың ғәскәрҙәре Йәрүсәлимгә килде һәм уны ҡамап алды. Яугирҙәре ҡаланы ҡамаған саҡта Навуходоносор үҙе Йәрүсәлимгә килгәс, Йәһүҙә батшаһы Йеһояхин әсәһе, хеҙмәтселәре, түрәләре һәм һарай әһелдәре менән бергә Бабил батшаһына баш һалды. Навуходоносор Бабилға батшалыҡ итеүенең һигеҙенсе йылында Йеһояхинды әсиргә алды. Раббының быға тиклем әйткәндәренә ярашлы, Навуходоносор Раббы ҡорамындағы һәм батша һарайындағы бөтә хазиналарҙы Бабилға оҙатты, Исраил батшаһы Сөләймәндең Раббы ҡорамы өсөн яһатҡан бөтә алтын һауыттарын киҫәктәргә тураҡланы. Йәрүсәлимдә йәшәүселәрҙең барыһын: бөтә түрәләрҙе, ҡаһарман яугирҙәрҙе, балта оҫталарын һәм тимерселәрҙе – ун мең кешене һөргөнгә алып китте. Йәһүҙә халҡының иң ярлыларынан башҡа бер кем дә ҡалманы. Навуходоносор Йеһояхинды Бабилға һөргөнгә алып китте. Уның менән бергә әсәһе, ҡатындары, һарай әһелдәре һәм илдең күренекле кешеләре лә Йәрүсәлимдән Бабилға һөрөлдө. Бынан тыш көслө һәм һуғышҡа әҙер булған ете мең яугир, меңәрләгән балта оҫталары һәм тимерселәр Бабилға ҡыуып алып кителде. Навуходоносор Йеһояхиндың урынына уның атаһының ҡустыһы Маттанъяһты, исемен Сидкияһҡа үҙгәртеп, батша итеп ҡуйҙы. Тәхеткә ултырғанда Сидкияһҡа егерме бер йәш ине. Ул Йәрүсәлимдә ун бер йыл батшалыҡ итте. Әсәһе Хамутал – Ливна ҡалаһынан Йермеяһтың ҡыҙы ине. Сидкияһ та, Йеһояҡим кеүек үк, Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды. Раббы Йәрүсәлим менән Йәһүҙәгә шул тиклем ныҡ асыулы ине, уларҙы Үҙенең хозурынан алып бырғаны. Сидкияһ Бабил батшаһына ҡаршы баш күтәрҙе. Сидкияһ хакимлығының туғыҙынсы йылында, унынсы айҙың унынсы көнөндә Бабил батшаһы Навуходоносор, бөтә ғәскәре менән килеп, Йәрүсәлимдең әйләнәһенә туплам булып урынлашты һәм уратып уба ҡорҙо. Ҡала Сидкияһ батша хакимлығының ун беренсе йылына тиклем ҡамауҙа булды. Дүртенсе айҙың туғыҙынсы көнөнә ҡалала аслыҡ шул тиклем көсәйҙе, халыҡтың бер тәғәм ризығы ла ҡалманы. Шул көндө дошман ҡала диуарының бер урынын емерҙе. Халдейҙар ҡаланы һәр яҡтан ҡамауҙа тотһалар ҙа, Йәһүҙә батшаһы яугирҙәре менән бергә ҡасып китте. Улар төндә батша баҡсаһының эргәһендә ике диуар араһындағы ҡапҡанан сыҡтылар ҙа Ғарава юлынан киттеләр. Халдейҙар ғәскәре батша артынан төштө һәм уны Йерихо тигеҙлегендә ҡыуып етте. Бөтә ғәскәр батшаны ташлап ҡасып бөттө. Батшаны әсиргә алып, Ривлаға Бабил батшаһына килтерҙеләр һәм шунда уға хөкөм сығарҙылар. Сидкияһтың улдарын уның күҙ алдында сәнсеп үлтерҙеләр, унан үҙенең күҙен һуҡырайттылар һәм, баҡыр бығау кейҙереп, Бабилға алып киттеләр. Навуходоносор батша хакимлығының ун туғыҙынсы йылында, бишенсе айҙың етенсе көнөндә Бабил батшаһының яраны, нөгәрҙәр башлығы Невузарадан Йәрүсәлимгә инде. Ул Раббы ҡорамын, батша һарайын, Йәрүсәлимдәге йорттарҙы – бөтә ҙур биналарҙы яндырып бөтөрҙө. Нөгәрҙәр башлығы етәкселегендә халдейҙар ғәскәре Йәрүсәлимде уратып алған диуарҙарҙы емерҙе. Ҡалала иҫән ҡалған кешеләрҙе, Бабил батшаһы яғына күскәндәрҙе һәм башҡа халыҡты Невузарадан һөргөнгә оҙатты. Йөҙөм баҡсаларында һәм баҫыуҙарҙа эшләр өсөн бер ни тиклем ярлыларҙы ғына ҡалдырҙы. Халдейҙар, Раббы ҡорамындағы баҡыр бағаналарҙы, таяуҙарҙы, баҡыр диңгеҙҙе киҫәктәргә тураҡлап, баҡырын Бабилға оҙаттылар. Улар ҡаҙандарҙы, көрәктәрҙе, филтә таҙартҡыстарҙы, табаҡтарҙы, ғөмүмән, ҡорамдағы ғибәҙәт хеҙмәтендә ҡулланылған барлыҡ баҡыр һауыттарҙы алды. Нөгәрҙәр башлығы саф алтындан һәм көмөштән ҡойолған нәмәләрҙе – хуш еҫ төтәҫләгестәрҙе һәм сеүәтәләрҙе алып китте. Раббы ҡорамы өсөн Сөләймән батша яһатҡан ике бағана, баҡыр диңгеҙ һәм таяуҙарға бихисап баҡыр тотонолғайны. Һәр бағананың бейеклеге – ун һигеҙ терһәк, башындағы тажының бейеклеге өс терһәк булып, таж тирәләй ҡуйылған селтәр ҙә, анар емештәре лә – барыһы ла баҡырҙан ҡойолған ине; селтәр менән биҙәлгән икенсе бағана ла беренсеһенә оҡшағайны. Нөгәрҙәр башлығы баш ҡаһин Сераяһты, ҡаһин ярҙамсыһы Сефанъяһты, өс тупһа һаҡсыһын әсиргә алды. Ҡалала тороп ҡалған яугирҙәрҙең башлығын, батшаның биш кәңәшсеһен, ил халҡын ғәскәри хеҙмәткә теркәгән хәрби баш кәтипте һәм ҡалала ҡалған халыҡтан алтмыш кешене үҙе менән алып китте. Нөгәрҙәр башлығы Невузарадан уларҙың барыһын да Ривлаға Бабил батшаһына алып барҙы. Бабил батшаһы уларҙы Хамаҫ ерендәге Ривлала язалап үлтерҙе. Шулай итеп, Йәһүҙә халҡы үҙ төйәгенән һөргөнгә ҡыуылды. Бабил батшаһы Навуходоносор Йәһүҙәлә ҡалған халыҡҡа башлыҡ итеп Шафандың ейәне, Ахиҡамдың улы Гедалъяһты тәғәйенләне. Бабил батшаһының Гедалъяһты башлыҡ итеп ҡуйғанын ишеткәс, хәрби түрәләр, исемләп әйткәндә Неҫанъяһ улы Исмәғил, Ҡареах улы Йоханан, Нетофа ҡалаһынан Танхумәҫ улы Сераяһ, атаһы Мағаханан булған Яазанъяһ үҙҙәренең кешеләре менән Миспаға, Гедалъяһ янына килде. Гедалъяһ уларға һәм уларҙың кешеләренә ант итеп: – Халдей түрәләренән ҡурҡмағыҙ. Илдә ҡалып, Бабил батшаһына хеҙмәт итегеҙ һәм һеҙгә яҡшы булыр, – тине. Шулай итеп, ошо йылдың етенсе айында батша нәҫеленән булған Әлишамағтың ейәне, Неҫанъяһ улы Исмәғил ун кешеһе менән килеп Гедалъяһты үлтерҙе. Уның менән бергә Миспала булған йәһүҙиҙәрҙе һәм халдейҙарҙы ла ҡылыстан үткәрҙе. Бынан һуң халыҡтың олоһо ла, кесеһе лә, шулай уҡ хәрби түрәләр ҙә Мысырға ҡасты, сөнки халдейҙарҙан ҡурҡты. Йәһүҙә батшаһы Йеһояхин Бабилға һөргөнгә ебәрелеүенең утыҙ етенсе йылында Бабил тәхетенә Әуил-Меродах ултырҙы. Шул йылдың ун икенсе айының егерме етенсе көнөндә Әуил-Меродах, мәрхәмәт күрһәтеп, Йәһүҙә батшаһы Йеһояхинды зиндандан азат итте. Уның менән миһырбанлы һөйләште, Бабилда булған башҡа батшаларға ҡарағанда юғарыраҡ урынға ултыртты. Йеһояхин зиндан кейемдәрен алмаштырҙы, ошо көндән алып ғүмеренең аҙағына тиклем батша менән бер табындан ашаны. Ғүмеренең буйына уға Бабил батшаһы тарафынан йәшәү өсөн кәрәк-яраҡ көн һайын бирелә килде. Әҙәм, Шеҫ, Әнош, Ҡынан, Маһалалил, Йәрәд, Ханох, Меҫушелах, Ләмәх һәм Нух. Нухтың улдары: Шем, Хам, Йәфәҫ. Йәфәҫтең улдары: Ғүмәр, Магог, Мадай, Яуан, Тувал, Мәшәх һәм Тирас. Ғүмәрҙең улдары: Ашкеназ, Дифаҫ һәм Тогарма. Яуандың улдары: Әлиша, Таршиш, шулай уҡ киттиҙәр һәм роданиҙар. Хамдың улдары: Куш, Мисраим, Пут һәм Ҡәнғән. Куштың улдары: Сева, Хауила, Савта, Рағма һәм Савтеха. Рағманың улдары: Шева менән Дедан. Куштың Нимрүд исемле улы була, ул ер йөҙөндә иң беренсе батыр була. Мисраим луди, ғанами, леһави, нафтухи, паҫруси, каслухи (уларҙан пелештиҙәр тарала) һәм кафториҙарҙың тәүбабаһы була. Ҡәнғәндең улдары: баш балаһы Сидон, Хит, шулай уҡ унан йевусиҙәр, әмөриҙәр, гиргашиҙәр, хиууиҙәр, ғарҡиҙар, синиҙәр, аруадиҙар, семариҙар һәм хамаҫиҙар тарала. Шемдың улдары: Ғелам, Ашшур, Арпахшад, Луд, Арам, Ғус, Хул, Ғәҫәр һәм Мәшәх. Арпахшад – Шелахтың, Шелах – Ғевәрҙең атаһы. Ғевәрҙең ике улы тыуа: береһенең исеме – Пәләг, сөнки тап шул ваҡытта ерҙәр бүленгән була, икенсеһенеке – Йоҡтан. Йоҡтан – Алмодад, Шәләф, Хасармавеҫ, Ярах, Һадорам, Узал, Диҡла, Ғевал, Авимаил, Шева, Офир, Хауила һәм Йовавтың тәүатаһы була. Былар барыһы ла – Йоҡтандан таралған нәҫелдәр. Шемдың нәҫеле: Арпахшад, Шелах, Ғевәр, Пәләг, Реғу, Серуг, Нахор, Терах, Ибрам, йәғни Ибраһим. Ибраһимдың улдары: Исхаҡ һәм Исмәғил. Бына уларҙың нәҫел шәжәрәһе. Исмәғилдең улдары – баш балаһы Невайоҫ, артабанғылары – Ҡыдар, Адбеил, Мивсам, Мишмағ, Дума, Масса, Хадад, Тема, Йетур, Нафиш һәм Ҡыдма. Былар – Исмәғилдең улдары. Ибраһимдың Ҡытура исемле йәриәһе Зимран, Йоҡшан, Медан, Мидйән, Йишбаҡ, Шуах исемле улдар табып бирә. Йоҡшандың улдары: Шева менән Дедан. Мидйәндең улдары: Ғефа, Ғефәр, Ханох, Авидағ һәм Әлдаға. Улар барыһы ла Ҡытураның нәҫелдәре була. Ибраһим Исхаҡтың атаһы була. Исхаҡтың улдары: Ғаяз менән Исраил. Ғаяздың улдары: Әлифаз, Реғуил, Йеғуш, Яғлам һәм Ҡорах. Әлифаздың улдары: Теман, Омар, Сефи, Ғағтам, Ҡыназ, Тимнағ, Ғәмәлек. Реғуилдың улдары: Нахаҫ, Зерах, Шамма һәм Мизза. Сеғирҙең улдары: Лотан, Шовал, Сивғон, Ғана, Дишон, Эсәр һәм Дишан. Лотандың улдары: Хори менән Һомам. Лотандың һеңлеһе – Тимнағ. Шовалдың улдары: Ғалъян, Манахаҫ, Ғевал, Шефи һәм Онам. Сивғон улдары: Айяһ менән Ғана. Ғананың улы: Дишон. Дишондың улдары: Хамран, Әшбан, Иҫран һәм Керан. Эсәрҙең улдары: Билһан, Зағауан һәм Яғаҡан. Дишандың улдары: Ғус менән Аран. Былар – исраилдарҙа батшалар барлыҡҡа килгәнгә тиклем Эдомда хакимлыҡ иткән батшалар: Беғор улы Белағ. Уның ҡалаһы Динһава тип атала. Белағ донъя ҡуйғас, Босранан Зерахтың улы Йовав тәхеткә ултыра. Йовав мәрхүм булғас, Теман иленән Хушам батша була. Хушам вафат булғандан һуң, Моав тигеҙлегендә мидйәндәрҙе тар-мар иткән Бедад улы Һадад батшалыҡ итә, уның ҡалаһы Ғауиҫ тип атала. Һадад үлгәс, уның урынына Масреҡанан Самла батша була. Самла үлгәс, уның урынына йылға буйындағы Реховоҫтан Шаул батша була. Шаул үлгәс, уның урынына тәхеткә Ғахбор улы Бәғел-Ханан ултыра. Бәғел-Ханан үлгәс, уның урынына тәхеткә Һадад ултыра. Уның ҡалаһы Пағи, ҡатынының исеме – Меһетавел. Меһетавел – Матредтың ҡыҙы, Мезаһавтың ейәнсәре була. Һадад мәрхүм булғас, Эдомдың тармаҡтары өҫтөнән башлыҡтар хакимлыҡ итә. Эдомдың тармаҡтары: Тимнағ, Ғалуа, Йеҫеҫ, Оһоливама, Эла, Пинон, Ҡыназ, Теман, Мивсар, Магдиил, Ғирам. Исраилдың улдары: Рәүвән, Шимғон, Леви, Йәһүҙә, Исасхар, Зевулун, Дан, Йософ, Бинйәмин, Нафтали, Ғад һәм Ашер. Йәһүҙәнең улдары: Ғер, Онан һәм Шела. Был өсәү ҡәнғәни Шуағтың ҡыҙынан донъяға килә. Йәһүҙәнең баш балаһы Ғер Раббы хуш күрмәгән ғәмәлдәр ҡыла, шуға күрә Раббы уның йәнен ала. Йәһүҙәнән килене Тамар Пәрәс менән Зерахты таба. Йәһүҙәнең бөтәһе биш улы була. Пәрәстең улдары: Хесрон һәм Хамул. Зерахтың улдары бишәү: Зимри, Эҫан, Һеман, Калкол һәм Дарағ. Кармиҙың улы Ғахар, харам ҡылынырға тейешле әйберҙәрҙең бер нисәһен алып, Исраилға ҡаза килтергән кеше. Эҫан – Ғазаръяһтың атаһы. Йерахмеил, Рам һәм Калев – Хесрондың улдары. Рам – Ғамминадавтың, Ғамминадав Йәһүҙә ырыуы башлығы Нахшондың атаһы була. Нахшондан – Салма, Салманан Боғаз донъяға килә. Боғаздан – Ғовед, Ғоведтан Ишай тыуа. Ишайҙың баш балаһы – Әлиав, икенсе улы – Авинадав, өсөнсөһө – Шимға, дүртенсеһе – Неҫанил, бишенсеһе – Раддай, алтынсыһы – Осем, етенсеһе Дауыт була. Уларҙың Серуяһ менән Авигаил исемле ҡыҙ туғандары ла була. Серуяһтың Авишай, Йоав һәм Ғасаһил исемле өс улы тыуа. Авигаил Исмәғил ҡәүеменән Йәҫәр тигән кешегә тормошҡа сыға һәм уларҙың Ғамаса тигән улы тыуа. Хесрон улы Калевтың ҡатыны Ғазуванан Йериғот тигән ҡыҙы тыуа. Ә Йериғоттың улдары Йешәр, Шовав һәм Ардон. Ғазува мәрхүм булғас, Калев Әфраҫҡа өйләнә. Әфраҫ уға Хурҙы табып бирә. Хурҙан – Ури, Уриҙан Бесалил тыуа. Һуңыраҡ алтмыш йәшлек Хесрон Ғилғәдтең атаһы Махирҙың ҡыҙына өйләнә. Был ҡатыны уға Сегувты табып бирә. Сегувтан Яир тыуа. Яирҙың Ғилғәд ерендә егерме өс ҡалаһы була. Әммә гешуриҙар менән арамиҙар Яир ауылдарын, шулай уҡ Ҡынаҫты, уның тирәһендәге ауылдарҙы – барлығы алтмыш ҡаланы тартып ала. Был ерҙәрҙә йәшәгән халыҡтың барыһы ла Ғилғәдтең атаһы Махирҙың нәҫелдәре була. Хесрон Калев-Әфраҫа ҡалаһында донъя ҡуя, шунан һуң ҡатыны Авия Ашхурҙы таба. Был Ашхур Теҡоғаның атаһы була. Хесрондың баш балаһы Йерахмеилдың улдары: баш балаһы Рам, унан – Буна, Өрән, Осем һәм Ахияһ. Йерахмеилдың Ғатара исемле икенсе ҡатыны ла була, Ғатаранан Онам донъяға килә. Йерахмеилдың баш балаһы Рамдың улдары: Мағас, Ямин һәм Ғеҡәр. Онамдың улдары: Шаммай менән Ядағ. Шаммайҙың улдары: Надав менән Авишур. Авишурҙың ҡатыны Авиһаил уға Ахбан менән Молид исемле улдар табып бирә. Надавтың улдары: Сәләд менән Аппаим. Сәләд бала ҡалдырмай мәрхүм була. Аппаимдың улы – Ишғи, Ишғиҙең улы – Шешан, Шешандың улы – Ахлай. Шаммайҙың ҡустыһы Ядағтың улдары: Йәҫәр һәм Йонаҫан. Йәҫәр нәҫел ҡалдырмай мәрхүм була. Йонаҫандың улдары: Пәләҫ менән Заза. Былар – Йерахмеил нәҫелдәре. Шешандың улдары булмай, унан тик ҡыҙҙар тыуа. Шешандың Ярхағ исемле мысыр ҡоло була. Шешан Ярхағты үҙенең ҡыҙына өйләндерә. Уларҙың Ғаттай исемле улдары тыуа. Ғаттайҙан – Наҫан, Наҫандан – Завад, Завадтан – Әфлал, Әфлалдан – Ғовед, Ғоведтан – Йеһу, Йеһуҙан – Ғазаръяһ, Ғазаръяһтан – Хәләс, Хәләстән – Әлғаса, Әлғасанан – Сисмай, Сисмайҙан – Шаллум, Шаллумдан – Йеҡамъяһ, Йеҡамъяһтан Әлишамағ тыуа. Йерахмеилдың ҡустыһы Калевтың нәҫеле: баш балаһы Мешағ – ул Зифтың атаһы; һәм Хеврондың атаһы Марешаның нәҫелдәре. Хеврондың улдары: Ҡорах, Таппуах, Рәҡәм һәм Шемағ. Шемағтың улы – Рахам, Рахамдың улы – Йорҡоғам, Рәҡәмдең улы – Шаммай, Шаммайҙың улы – Мағон, ә Мағон – Бейт-Сурҙың атаһы. Калевтың Ғефа исемле йәриәһе Харан, Моса һәм Газез тигән улдар таба. Харандың Газез исемле улы тыуа. Яһдайҙың улдары: Рәгәм, Йоҫам, Гешан, Пәләт, Ғефа, Шағаф. Калевтың Мағаха исемле йәриәһе уға Шәвәр менән Тирхананы табып бирә. Ул шулай уҡ Мадманнаның атаһы Шағафтың, Махбена менән Гивғаның атаһы Шеуаның да әсәһе була. Калевтың Ғахса исемле ҡыҙы ла тыуа. Былар – Калев нәҫелдәре. Әфраҫтың баш балаһы Хурҙың улдары: Ҡыръяҫ-Еғаримдың атаһы Шовал, Бейт-Ләхәмдең атаһы Салма, Бейт-Ғадерҙың атаһы Хареф. Ҡыръяҫ-Еғаримдың атаһы Шовалдың улдары: Һарое, Хаси-Һамменухоҫ. Ҡыръяҫ-Еғарим нәҫелдәре – йитриҙәр, пуҫиҙар, шумаҫиҙар, мишрағиҙар. Уларҙан сорғалар һәм әштәолдар тарала. Салманан таралған халыҡтар – Бейт-Ләхәм, Нетофа, Ғатроҫ-Бейт-Йоав, манахаҫтарҙың яртыһы – сорғалар. Яғбеста йәшәгән кәтип эшен башҡарыусыларҙың нәҫелдәре: тирғаҫиҙар, шимғаҫиҙар, сухаҫиҙар – былары Бейт-Рехав ҡалаһына нигеҙ һалған Хаммаҫтан таралған ҡыниҙар була. Дауыттың Хевронда тыуған улдары: баш балаһы Амнон – изреғилле Ахиноғамдан; икенсеһе Даниил – кармәлле Авигаилдән; өсөнсөһө Авшалом – Гешур батшаһы Талмайҙың ҡыҙы Мағаханан, дүртенсеһе Адонияһ – Хаггиҫтан; бишенсеһе Шефатъяһ – Авиталдан; алтынсыһы Иҫреғам – Ғәғлә исемле ҡатынынан. Былар – Дауыттың Хевронда тыуған алты улы. Дауыт унда ете йыл да алты ай батшалыҡ итә, ә Йәрүсәлимдә утыҙ өс йыл батша була. Дауыттың Йәрүсәлимдә тыуған улдары: Шимға, Шовав, Наҫан, Сөләймән. Был дүртәүҙе Ғаммиил ҡыҙы Баҫ-Шуағ табып бирә. Тағы туғыҙ улы: Ивхар, Әлишамағ, Әлифәләт, Ногаһ, Нәфәг, Яфияғ, Әлишамағ, Әлъядағ һәм Әлифәләт. Йәриәләренән тыуған улдарынан башҡа Дауыттың бөтә улдары ошо. Дауыттың Тамар исемле ҡыҙы ла була. Сөләймәндең улы – Рехавғам. Рехавғамдың улы – Авияһ, Авияһтың улы – Аса, Асаның улы – Йеһошафат, Йеһошафаттың улы – Йеһорам, Йеһорамдың улы – Ахазъяһ, Ахазъяһтың улы – Йоаш, Йоаштың улы – Амасъяһ, Амасъяһтың улы – Ғазаръяһ, Ғазаръяһтың улы – Йоҫам, Йоҫамдың улы – Ахаз, Ахаздың улы – Хизкияһ, Хизкияһтың улы – Менашше, Менашшеның улы – Амон, Амондың улы – Йошияһ. Йошияһтың баш балаһы – Йоханан, икенсе улы – Йеһояҡим, өсөнсөһө – Сидкияһ, дүртенсеһе – Шаллум. Йеһояҡимдың улдары: Йехонъяһ, Сидкияһ. Педаяһтың улдары: Зеруббавел һәм Шимғи. Зеруббавелдың улдары: Мешуллам менән Хананъяһ, уларҙың Шеломиҫ исемле ҡыҙ туғаны була. Быларҙан тыш Зеруббавелдың Хашува, Оһәл, Бәрәхъяһ, Хасадъяһ һәм Йушав-Хәсәд исемле тағы биш улы донъяға килә. Хананъяһтың улдары: Пелатъяһ һәм Йешағъяһ; Йешағъяһтың улы Рефаяһ, Рефаяһтың – Арнан, Арнандың – Ғовадъяһ, Ғовадъяһтың – Шеханъяһ, Шеханъяһтың Шемағъяһ исемле улы була. Шемағъяһтың алты улы тыуа, улар: Хаттуш, Йигал, Бариах, Неғаръяһ, Шафат. Неғаръяһтың Әлйоғынай, Хизкияһ һәм Ғазриҡам исемле өс улы була. Әлйоғынайҙың иһә улдары етәү була: Һодауъяһ, Әлйәшив, Пелаяһ, Ғаҡҡув, Йоханан, Делаяһ һәм Ғанани. Йәһүҙә улдары: Пәрәс, Хесрон, Карми, Хур, Шовал. Шовалдың улы – Реаяһ, Реаяһтың улы – Яхаҫ. Яхаҫтың Ахумай менән Лаһад тигән улдары була – уларҙан Сорға нәҫелдәре баш ала. Ғетамдың улдары – Изреғил, Ишма, Идбаш. Ҡыҙ туғандарының исеме – Һасләлпони. Пенуил – Гедорҙың, Ғезәр Хушаның атаһы. Былар – Әфраҫтың баш балаһы һәм Бейт-Ләхәмдең атаһы булған Хурҙың улдары. Теҡоғаның атаһы Ашхурҙың Хела һәм Нағара исемле ике ҡатыны була. Нағара уға Ахуззам, Хефәр, Темени һәм Ахаштари исемле улдар табып бирә. Хеланың улдары Сәрәҫ, Сохар һәм Әҫнан исемле була. Ҡостан Ғанув менән Совева һәм Һарум улы Ахархел нәҫеле тарала. Яғбес бөтә туғандарына ҡарағанда ла хөрмәтлерәк була. Әсәһе: «Мин уны һыҙланып таптым», – тип, уға Яғбес тип исем ҡушҡан була. Яғбес Исраил Аллаһына доға ҡылып: «Ерҙәремде киңәйтеп, миңә фатихаңды бирһәң ине, мине гелән ҡайғы-хәсрәттән, бәлә-ҡазанан һаҡлап торһаң ине!» – тип ялбара. Раббы уға һорағанын бирә. Шуханың ир туғаны Келувтан Мехир донъяға килә, ул – Әштондоң атаһы. Әштондан Бейт-Рафа, Пасеах һәм Ғир-Нахаштың атаһы булған Техинна тыуа. Былар – Рехала йәшәүселәр. Ҡыназдың улдары: Ғоҫниил һәм Сераяһ. Ғоҫниилдың улы: Хаҫаҫ. Меғоноҫайҙан – Ғофра, ә Сераяһтан Балта оҫталары үҙәнендә йәшәүселәр нәҫеленең башы Йоав тыуа. Был төбәктә йәшәүселәр балта эшенә оҫта була. Йефунне улы Калевтың Ғиру, Эла һәм Нағам тигән улдары була. Эланың улының исеме – Ҡыназ. Йеһалләлилдең улдары: Зиф, Зифа, Тиръя һәм Асарил. Һодияһтың Нахамдың ҡыҙ туғаны булған ҡатыны тапҡан улдары Гармала йәшәгән Ҡығиланың һәм Мағаха кешеһе Әштемоағтың аталары булып китә. Шимондың улдары: Амнон, Ринна, Бен-Хәнән һәм Тилон. Ишғиҙың улдары: Зохеҫ менән Бен-Зохеҫ. Йәһүҙә улы Шеланың улдары: Леханың атаһы Ғер, Марешаның атаһы Лағда һәм Бейт-Ашбеағтағы етен туҡыусы нәҫелдәр; Йоҡым, Козевала йәшәүселәр, Моавта идара иткән Йоаш менән Сараф, Яшуви-Ләхәм. Был ваҡиғалар бик борон була. Көршәксе һөнәре оҫталары булған был кешеләр Нетағим һәм Ғәдәрә ҡалаларында йәшәй, батша хеҙмәтендә йөрөй. Шимғондың улдары: Немуил, Ямин, Ярив, Зерах, Шаул. Шаулдың улы – Шаллум; Шаллумдың улы – Мивсам; Мивсамдың улы – Мишмағ. Мишмағтың улы – Хаммуил, Хаммуилдың улы – Заккур, Заккурҙың улы – Шимғи. Шимғиҙең ун алты улы һәм алты ҡыҙы була. Ағай-энеһенең иһә улдары әҙерәк була, шуға уларҙың бөтә нәҫеле Йәһүҙә улдары кеүек ишле булмай. Шимғондың нәҫелдәре Беер-Шәвәғтә, Моладала, Хасар-Шуғалда, Билһала, Ғесәмдә, Толадта, Беҫуилда, Хормала, Сиҡлағта, Бейт-Маркавоҫта, Хасар-Сусимда, Бейт-Бириҙә һәм Шағараимда көн итә. Был ҡалалар Дауыт батша булғанға тиклем үк уларҙыҡы була. Ғетам, Ғайн, Риммон, Тохен, Ғашан – биш ҡала ла уларға ҡарай. Ошо ҡалалар тирәләй Бәғәлгә тиклемге ерҙәрҙә урынлашҡан бөтә ауылдар уларҙыҡы була. Бына уларҙың йәшәгән урындары һәм нәҫелдәренең исемлеге. Шимғондарҙың нәҫел башлыҡтары: Мешовав, Ямлех, Амасъяһ улы Йоша, Йоил, Ғасиил улы Сераяһтан тыуған Йошивъяһ улы Йеһу, Әлйоғынай, Яғаҡоба, Йешохаяһ, Ғасаяһ, Ғәдиил, Йешимиил, Бенаяһ, Зиза – Шифғиҙең улы, ә Шифғи – Шемағъяһ улы Шимриҙән тыуған Йедаяһ улы Аллондың улы. Исемдәре һаналған был уҙамандар нәҫел башлыҡтары була һәм уларҙың зат-зәүере ишәйеп китә. Мал-тыуарына көтөүлек эҙләп, улар Гедорға, үҙәндең көнсығышына тиклем барып етә. Мул үләнле шәп көтөүлектәр, киң, һил ерҙәр табалар. Был төбәктә Хам ырыуы халҡы йәшәгән була. Үрҙә исемләп һаналғандар Йәһүҙә батшаһы Хизкияһ хакимлыҡ иткән осорҙа ошонда килә. Улар Хам нәҫелдәренә торлаҡтарында һәм улар араһында төйәкләнгән меғуниҙәргә һөжүм итә һәм, харам ҡылып, тотошлайы менән ҡырып бөтөрә, биләмәләренә хужа була. Улар әлегә тиклем шунда йәшәй, сөнки бында мал-тыуарға көтөүлектәр етерлек. Ә Шимғон ырыуынан биш йөҙ кеше Сеғир тауҙарына китә: Ишғи улдары Пелатъяһ, Неғаръяһ, Рефаяһ һәм Ғуззиил уларҙың башлыҡтары була. Улар иҫән ҡалған ғәмәлектәрҙе ҡырып бөтә һәм әлегәсә шунда йәшәп ята. Рәүвән Исраилдың баш балаһы була. Ләкин ул атаһының түшәген нәжесләгәнлектән, баш бала хоҡуғы Исраил улы Йософ нәҫеленә бирелә. Шуға күрә Рәүвән нәҫел исемлегендә лә баш бала булып яҙылмай. Туғандары араһында Йәһүҙә иң көслөһө була, юлбашсы ла уның тоҡомонан сыға, әммә баш бала булыу хоҡуғы Йософҡа бирелә. Исраилдың баш балаһы Рәүвәндең улдары: Ханох, Паллу, Хесрон һәм Карми. Йоилдың нәҫеле: Шемағъяһ, уның улы Гог, Гогтың улы Шимғи, Шимғиҙең улы Миха, Миханың улы Реаяһ, Реаяһтың улы Бәғел, Бәғелдең улы Беера, Ашшур батшаһы Тиглат-Пиләсәр һөргөнгә алып киткәндә, ул рәүвәндәрҙең нәҫел башлығы булған була. Нәҫел исемлектәрендә теркәлгәнсә, уның ағай-энеһе һәм ғаиләләре: иң өлкәне – Йеғиил, унан ҡала – Зәкәрьяһ, киләһеһе – Белағ; Белағ – Ғазаздың, Ғазаз – Шемағтың, Шемағ Йоилдың улы була. Улар Ғароғерҙа, Невоға һәм Бәғел-Меғонға тиклемге ерҙәрҙә йәшәй. Көнсығышта улар Евфрат йылғаһынан башланған сүллек алдына тиклемге ерҙәрҙә төйәкләнә. Ғилғәд ерендә уларҙың ҙур-ҙур көтөүҙәре йөрөй. Шаул заманында улар һағриҙар менән һуғыша һәм уларҙы ҡырып бөтөрә, шунан, Ғилғәдтең көнсығышын тотош биләп, сатырҙарҙа йәшәй башлай. Ғад нәҫелдәре рәүвәндәр ҡаршыһында Башанда Салхаға тиклемге ерҙәрҙә йәшәй. Йоил Башанда башлыҡ була, унан ҡала икенсе кеше – Шафам, уларҙан ҡала Яғнай менән Шафат була. Уларҙың ағай-энеһе, һәр ҡайһыһы үҙ ғаиләһе менән: Михаил, Мешуллам, Шевағ, Йорай, Яғаҡан, Зияғ һәм Ғевәр – йәмғеһе етәү. Улар Авихаилдың улдары була. Авихаил үҙе – Хуриҙың улы, Хури – Яроахтың, Яроах – Ғилғәдтең улы, Ғилғәд – Михаилдың улы, Михаил – Йешишайҙың улы, Йешишай – Яхдоның улы, Яхдо – Буздың улы. Гуниҙан тыуған Ғавдиилдың улы Ахи үҙ нәҫеленең башлығы була. Ғадтар Ғилғәдта, Башанда һәм уның тирәһендәге ауылдарҙа, Шарон эргәһендәге бөтә көтөүлектәрҙе иң сигенә тиклем биләп йәшәй. Улар барыһы ла Йәһүҙә батшаһы Йоҫам менән Исраил батшаһы Яровғам заманында нәҫел исемлектәренә теркәлгән була. Рәүвән менән Ғад һәм Менашше ырыуының яртыһында ҡалҡан менән ҡылыс тотҡан, уҡтан атҡан һәм һуғыш һөнәрен белгән, яуға йөрөй торған ҡырҡ дүрт мең ете йөҙ алтмыш яугир ир була. Улар һағриҙар, Йетур, Нафиш, Нодав менән һуғыша. Алла ярҙамы менән һағриҙарҙы һәм улар менән булғандарҙың барыһын еңәләр. Исраилдар алыш барған мәлдә Аллаға мөрәжәғәт итә һәм Ул Үҙенә ышанғандарҙың ялбарыуын ишетә. Улар һағриҙарҙың көтөүҙәрен – илле мең дөйәне, ике йөҙ илле мең баш ваҡ малды, ике мең баш ишәкте ҡулға төшөрә, йәнә йөҙ мең кешене әсиргә ала. Бик күп дошман үлтерелә, сөнки был яу Алла ихтыяры менән була. Ғад нәҫеле, һөргөнгә ҡыуылғанға тиклем, һағриҙар ерендә ғүмер кисерә. Менашше ырыуының яртыһы Башандан Бәғел-Хермон һәм Сенирға, Хермон тауына тиклемге ерҙәрҙә йәшәй, улар бик ишле була. Бына уларҙың нәҫел башлыҡтары – Ғефәр, Ишғи, Әлиил, Ғазриил, Йермеяһ, Һодауъяһ, Яхдиил. Былар һәммәһе лә ҡаһарман яугирҙәр, абруйлы ирҙәр, үҙ нәҫелдәренең башлыҡтары була. Әммә улар ата-бабаларының Аллаһына хыянат итә, Алла уларҙың күҙ алдында һәләк иткән халыҡтарҙың илаһтарына табына башлай. Шул сәбәпле Исраил Аллаһы Ашшур батшаһы Пулда (йәғни Тиглат-Пиләсәрҙә) уларға ҡаршы һуғыш ҡомары уята, ә ул рәүвәндәр менән ғадтарҙы, Менашше ырыуының яртыһын Халахҡа, Хаворға һәм Һараға, шулай уҡ Гозан йылғаһы буйҙарына һөргөнгә ҡыуа. Улар әле лә шунда көн итә. Левиҙең улдары: Гершон, Ҡыһаҫ һәм Мерари. Ҡыһаҫтың улдары: Ғамрам, Исһар, Хеврон һәм Ғуззиил. Ғамрамдың балалары: Һарун, Муса, Мирйәм. Һарундың улдары: Надав, Авиһу, Әлғазар һәм Иҫамар. Әлғазар – Пинхастың, Пинхас – Авишуағтың, Авишуағ – Буккийҙың, Буккий – Ғуззиҙың, Ғуззи – Зерахъяһтың, Зерахъяһ – Мерайоҫтың, Мерайоҫ – Амаръяһтың, Амаръяһ – Ахитувтың, Ахитув – Садоҡтың, Садоҡ – Ахимағастың, Ахимағас – Ғазаръяһтың, Ғазаръяһ – Йоханандың атаһы; Йоханан Йәрүсәлимдә Сөләймән төҙөгән ҡорамдың ҡаһины Ғазаръяһтың атаһы була. Ғазаръяһ – Амаръяһтың, Амаръяһ – Ахитувтың, Ахитув – Садоҡтың, Садоҡ – Шаллумдың, Шаллум – Хилҡияһтың, Хилҡияһ – Ғазаръяһтың, Ғазаръяһ – Сераяһтың, Сераяһ Йеһосадаҡтың атаһы була. Раббы ихтыяры буйынса Навуходоносор Йәһүҙә һәм Йәрүсәлим халҡын һөргөнгә ҡыуып алып киткәндә, әсирҙәр араһында Йеһосадаҡ та була. Шулай итеп, Левиҙең улдары: Гершон, Ҡыһаҫ һәм Мерари. Гершон улдарының исемдәре: Ливни һәм Шимғи. Ҡыһаҫтың улдары: Ғамрам, Исһар, Хеврон һәм Ғуззиил. Мерари улдары: Махли һәм Муши. Бына нәҫел башлыҡтарының исемдәре буйынса Леви ырыуы нәҫелдәре. Гершон тоҡомо: уның улы Ливни; Ливниҙең улы Яхаҫ, Яхаҫтың улы – Зимма, Зимманың улы – Йоах; Йоахтың улы – Ғиддо, Ғиддоның улы – Зерах; Зерахтың улы – Йеаҫрай. Ҡыһаҫ тоҡомо: уның улы Ғамминадав, Ғамминадавтың улы – Ҡорах, Ҡорахтың улы Ассир; Ассирҙың улы – Әлҡана, Әлҡананың улы – Әвьясаф; Әвьясафтың улы – Ассир, Ассирҙың улы – Тахаҫ; Тахаҫтың улы – Уриил, Уриилдың улы – Ғуззияһ, Ғуззияһтың улы – Шаул. Әлҡананың улдары: Ғамасай менән Ахимоҫ. Ахимоҫтың улы – Әлҡана; Әлҡананың улы – Софай, Софайҙың улы – Нахаҫ; Нахаҫтың улы – Әлиав; Әлиавтың улы – Йерохам; Йерохамдың улы – Әлҡана. Шемуилдың улдары: баш балаһы Йоил, икенсеһе Авияһ. Мерари нәҫеле: уның улы – Махли, Махлиҙың улы – Ливни; Ливниҙең улы – Шимғи; Шимғиҙең улы – Ғузза; Ғуззаның улы – Шимға, Шимғаның улы – Хаггияһ, Хаггияһың улы – Ғасаяһ. Килешеү һандығын ҡорамда урынлаштырғандан һуң, Дауыт батша, Раббы йортонда йырсы вазифаһын башҡарыр өсөн, түбәндәге кешеләрҙе тәғәйенләй. Был хеҙмәтте улар ҡабул ителгән ҡағиҙәгә ярашлы мөҡәддәс торлаҡ булған Осрашыу сатыры янында башҡара һәм был Сөләймән Йәрүсәлимдә Раббы йортон төҙөткәнгә ҡәҙәр дауам итә. Бына был хеҙмәтте улдары менән берлектә ошо кешеләр башҡара: Ҡыһаҫ нәҫеленән – Һеман йырсы, ул – Йоилдың улы, Йоил – Шемуилдың, Шемуил – Әлҡананың, Әлҡана – Йерохамдың, Йерохам – Әлиилдең, Әлиил – Тоахтың, Тоах – Суфтың, Суф – Әлҡананың, Әлҡана – Махаҫтың, Махаҫ – Ғамасайҙың, Ғамасай – Әлҡананың, Әлҡана – Йоилдың, Йоил – Ғазаръяһтың, Ғазаръяһ – Сефанъяһтың, Сефанъяһ – Тахаҫтың, Тахаҫ – Ассирҙың, Ассир – Әвьясафтың, Әвьясаф – Ҡорахтың, Ҡорах – Исһарҙың, Исһар – Ҡыһаҫтың, Ҡыһаҫ – Левиҙең улы, Леви Исраилдың улы була. Һемандың уң яғында туғаны Асаф тора. Асаф – Бәрәхъяһтың улы, Бәрәхъяһ – Шимғаның, Шимға – Михаилдың, Михаил – Бәғәсеяһтың, Бәғәсеяһ – Малкияһтың, Малкияһ – Әҫниҙең, Әҫни – Зерахтың, Зерах – Ғадаяһтың, Ғадаяһ – Эҫандың, Эҫан – Зимманың, Зимма – Шимғиҙең, Шимғи – Яхаҫтың, Яхаҫ – Гершондың, Гершон Левиҙең улы була. Һемандың һул яғында Мерари нәҫеленән булған Эҫан тора. Эҫан Ҡишиҙың улы булып, Ҡиши – Ғавдиҙең, Ғавди – Маллухтың, Маллух – Хашавъяһтың, Хашавъяһ – Амасъяһтың, Амасъяһ – Хилҡияһтың, Хилҡияһ – Амсиҙың, Амси – Баниҙың, Бани – Шәмәрҙең, Шәмәр – Махлиҙың, Махли – Мушиҙың, Муши – Мерариҙың, Мерари Левиҙең улы була. Уларҙың туғандары левиҙәр Изге торлаҡ булған Алла йортондағы төрлө хеҙмәттәрҙе башҡарыуға тәғәйенләнә. Һарун һәм уның нәҫеленә, Исраил халҡының гонаһтарын паклау өсөн, ҡорбан усағында тотош яндырыу ҡорбандары яндырыу, хуш еҫле үләндәр төтәтеү, Иң мөҡәддәс урындағы бөтә хеҙмәтте башҡарыу йөкмәтелгән була. Бөтә нәмәне лә улар Алла ҡоло Муса бойорғанса эшләй. Бына Һарундың нәҫеле: Һарундың улы – Әлғазар, Әлғазарҙың улы – Пинхас; Пинхастың улы – Авишуағ; Авишуағтың улы – Буккий; Буккийҙың улы – Ғуззи; Ғуззиҙың улы – Зерахъяһ; Зерахъяһтың улы – Мерайоҫ; Мерайоҫтың улы – Амаръяһ; Амаръяһтың улы – Ахитув; Ахитувтың улы – Садоҡ; Садоҡтың улы – Ахимағас. Бына левиҙәрҙең йәшәгән урындары һәм биләмәләренең сиктәре: Ҡыһаҫ нәҫеленән булған Һарун улдарына, йәрәбәгә төшкәненсә, эргә-тирәһендәге көтөүлектәре менән Йәһүҙә ерендәге Хеврон бирелә. Әммә ҡаланың баҫыуҙары менән ауылдары Йефунне улы Калевҡа тейә. Һарун улдарына һыйыныу ҡалалары: Хеврон һәм көтөүлектәре менән Ливна, Яттир һәм Әштемоағ Хилен, Девир, Ғашан һәм көтөүлектәре менән бергә Бейт-Шәмәш бирелә. Бынан тыш Бинйәмин ырыуы биләмәһенән уларға көтөүлектәре менән Гевағ, Ғәләмәҫ, Ғанаҫоҫ тапшырыла. Уларҙың ырыуына барлығы ун өс ҡала бирелә. Ҡыһаҫ нәҫеленең ҡалғандарына Менашше ырыуының яртыһы өлөшөнән йәрәбәгә төшкән ун ҡала бирелә. Гершон улдарына нәҫелдәренә күрә Исасхар, Ашер һәм Нафтали ырыуҙарынан һәм Башанда йәшәгән Менашше ырыуынан ун өс ҡала бирелә. Мерари улдарына нәҫелдәренә күрә Рәүвән, Ғад һәм Зевулун ырыуҙарынан йәрәбә буйынса ун ике ҡала бирелә. Бына шулай итеп, исраилдар левиҙәргә ҡалаларын һәм шул ҡалалар янындағы көтөүлектәрҙе бирә. Юғарыла исемләп һанап кителгән ҡалалар левиҙәргә йәрәбә буйынса Йәһүҙә, Шимғон һәм Бинйәмин ырыуҙарының биләмәләренән бүлеп бирелә. Ҡыһаҫ нәҫеленән булғандарҙың ҡайһы берәүҙәренә Әфраим ырыуына ҡараған ҡалалар бирелә. Уларға һыйыныу ҡалаларынан Әфраим таулығындағы Шәхәм, йәнә Гәзәр, Йоҡмеғам, Бейт-Хорон, Айялон, Ғаҫ-Риммон – барыһы ла эргә-тирәһендәге көтөүлектәр менән; Менашше ырыуының яртыһынан – Ғанер, Билғам, шулай уҡ икеһе лә көтөүлектәре менән бирелә. Был – Ҡыһаҫтың ҡалған нәҫелдәренә. Гершон улдарына Менашше ырыуының яртыһына ҡараған нәҫелдәрҙән көтөүлектәре менән Башандағы Голан, Ғаштароҫ бирелә. Исасхар ырыуынан – Ҡәдәште, Давраҫты, Рамоҫты, Ғанемде – һәр ҡайһыһын көтөүлектәре менән; Ашер ырыуынан – Машалды, Ғавдонды, Хуҡоҡты, Реховты һәм уларҙың көтөүлектәрен; Нафтали ырыуынан – Галилеялағы Ҡәдәште, Хаммонды, Ҡиръяҫаимды шулай уҡ һәр ҡайһыһын көтөүлектәре менән тапшыралар. Ә Мерари нәҫеленә ҡараған башҡа левиҙәргә – Зевулун ырыуынан Риммонды, Таворҙы; Рәүвән ырыуынан Иордандың аръяғында, Йерихо ҡаршыһында, Иордандан көнсығышта сүллектә урынлашҡан Бәсәрҙе, Яһасты, Ҡедемоҫты, Мефағаҫты; Ғад ырыуынан Ғилғәдтәге Рамоҫты, Маханаимды, Хешбонды, Яғзерҙе – һәммәһен көтөүлектәре менән ҡуша бирәләр. Исасхарҙың улдары дүртәү: Толағ, Пуа, Яшув һәм Шимрон. Толағтың улдары: Ғуззи, Рефаяһ, Йериил, Яхмай, Йивсам, Шемуил. Улар нәҫелдәрендә башлыҡ, ҡаһарман яугир була. Дауыт заманында Толағтың нәҫел шәжәрәләрендә яугир булып һаналғандар егерме ике мең алты йөҙгә етә. Ғуззиҙың улы: Израхъяһ. Израхъяһтың улдары: Михаил, Ғовадъяһ, Йоил, Йишшияһ. Бишеһе лә нәҫел башлығы була. Нәҫел шәжәрәләренә күрә һуғышҡа яраҡлы яугирҙәренең һаны утыҙ алты меңгә етә, сөнки уларҙың ҡатындары күп, улдары ишле була. Ә Исасхарҙың барлыҡ нәҫелдәре араһында нәҫел исемлектәренә индерелгән ҡаһарман яугирҙәр һаны һикһән ете мең була. Бинйәминдең улдары өсәү: Белағ, Бәхәр һәм Йедиғаил. Белағтың улдары: Әсбон, Ғуззи, Ғуззиил, Йеримоҫ һәм Ғири. Былар һәммәһе лә нәҫел башлыҡтары, ҡаһарман яугирҙәр. Нәҫел исемлектәрендә уларҙан егерме ике мең утыҙ дүрт кеше теркәлгән. Бәхәрҙең улдары: Земира, Йоғаш, Әлиғәзәр, Әлйоғынай, Ғомри, Йәремоҫ, Авияһ, Ғанаҫоҫ һәм Ғәләмәҫ. Уларҙың нәҫел исемлектәрендә, нәҫел башлыҡтарынан тыш, егерме мең ике йөҙ ҡаһарман яугир теркәлгән була. Йедиғаилдың улы: Билһан. Билһандың улдары: Йеғуш, Бинйәмин, Эһуд, Кенағана, Зеҫан, Таршиш һәм Ахишахар. Йедиғаилдың был балалары һәммәһе нәҫел башлыҡтары, ҡаһарман ирҙәр була. Уларҙың яу сабырлыҡ ун ете мең ике йөҙ кешеһе була. Ғирҙың улдары – Шуппим менән Хуппим; Ахерҙың улы – Хушим. Нафталиҙың улдары: Яхсиил, Гуни, Йесәр, Шаллум, улар – Билһаның балалары. Менашшеның бер улы Асриил, уны арамиҙарҙан алған йәриәһе табып бирә. Был йәриәһенән шулай уҡ Ғилғәдтең атаһы Махир ҙа донъяға килә. Махир Хуппим менән Шуппимдың Мағаха исемле ҡыҙ ҡәрҙәшенә өйләнә. Икенсе улының исеме – Селофхад. Селофхадтан тик ҡыҙҙар тыуа. Махирҙың ҡатыны Мағаха, ир бала табып, уға Переш тип исем ҡуша, ә уның ҡустыһын Шереш тип атай. Шерештың улдары – Улам менән Рәҡәм, Уламдың Бедан исемле улы була. Менашше улы Махирҙан донъяға килгән Ғилғәдтең улдары бына шулар. Махирҙың ҡыҙ ҡәрҙәше Һаммоләхәҫ Ишһодты, Авиғәзәрҙе, Махланы табып бирә. Шемидағтың улдары: Ахйан, Шәхәм, Лиҡхи һәм Аниғам. Әфраимдың улы: Шуҫелах. Шуҫелахтың улы – Бәрәд, Бәрәдтең улы – Тахаҫ, Тахаҫтың улы – Әлғада, Әлғаданың улы – Тахаҫ, Тахаҫтың улы – Завад, Завадтың улдары – Шуҫелах, Ғезәр һәм Әлғад. Ғезәр менән Әлғад был ерҙә йәшәгән Ғаҫ кешеләренең көтөүҙәрен урларға тип килгәндәрендә, тегеләр уларҙы үлтерә. Аталары Әфраим бик оҙаҡ йәш түгә, туғандары килеп уны йыуатып йөрөй. Бер аҙҙан Әфраим ҡатыны менән йоҡлай, ҡатыны, ауырға ҡалып, ир бала табып бирә. Өйөндә бәхетһеҙлек булғанға күрә, Әфраим улына исемде Бериға тип ҡуша. Уның Шәара исемле ҡыҙы ла була. Шәара Түбәнге һәм Үрге Бейт-Хорон, Уззен-Шәара ҡалаларын төҙөтә. Әфраимдың Рәфәх тигән улы була. Рәфәхтең – Рәшәф, Рәшәфтең – Телах, Телахтың – Тахан, Тахандың – Лағдан, Лағдандың – Ғаммиһуд, Ғаммиһудтың – Әлишамағ, Әлишамағтың Нун тигән улы була, Нундан Йушағ тыуа. Улар биләгән ерҙәр һәм йәшәгән төбәктәр: Бейт-Ил менән уның эргәһендәге ауылдар, көнсығышта Нағаран, көнбайышта Гәзәр менән уның тирәһендәге ауылдар; Шәхәм менән уның эргәһендәге ауылдар, эргә-тирәһендәге ауылдар менән бергә Ғаййаға тиклемге ерҙәр. Менашше ырыуы Бейт-Шеан, Тағанах, Мегиддо, Дор ҡалалары һәм улар тирәһендәге ауылдарҙа төйәкләнгән була. Был ҡалаларҙа Исраил улы Йософтоң нәҫеле көн итә. Ашерҙың улдары: Имна, Ишуа, Ишуи һәм Бериға. Уның Сәрах тигән ҡыҙы ла була. Бериғаның улдары: Хәвәр, Малкиил. Малкиил Бирзаиҫтың атаһы була. Хәвәрҙең Яфлет, Шомер, Хоҫам тигән улдары, Шуға исемле ҡыҙы донъяға килә. Яфлеттың улдары: Пасах, Бимһал һәм Ғашуаҫ. Былар – Яфлеттың улдары. Шәмәрҙең улдары: Ахи, Роһага, Хубба һәм Арам. Уның туғаны Һәләмдең улдары: Софах, Имна, Шелеш һәм Ғамал. Софахтың улдары: Суах, Харнәфәр, Шуғал, Бери, Имра, Бәсәр, Һод, Шамма, Шилша, Иҫран һәм Беера. Йәҫәрҙең улдары: Йефунне, Писпа һәм Ара. Ғулланың улдары: Арах, Ханниил, Рисъя. Былар барыһы ла – Ашер нәҫелдәре, улар үҙ нәҫелдәренең башлыҡтары, һайланма кешеләр, ҡаһармандар, төп етәкселәр. Уларҙың нәҫел исемлектәрендә һуғышҡа яраҡлы егерме алты мең кеше иҫәпләнә. Бинйәминдең баш балаһы – Белағ, икенсеһе – Ашбел, өсөнсөһө – Ахрах, дүртенсеһе – Ноха, бишенсеһе Рафа исемле була. Белағтың улдары: Аддар, Гера, Авиһуд, Авишуағ, Нағаман, Ахоах, Гера, Шефуфан һәм Хурам. Йеғусты, Сахъяһты, Мирманы табып бирә. Уның был улдары нәҫел башлыҡтары булып китә. Шахараимдың Хушим тапҡан Авитув менән Әлпәғәл исемле улдары ла була. Әлпәғәлдең улдары: Ғевәр, Мишғам, Шемед – ул Оно менән Лод ҡалаларын һәм уның тирәһендәге ауылдарҙы төҙөй, шулай уҡ Бериға һәм Шемағ. Был икәүһе Айялонда йәшәгән нәҫелдәрҙең башлығы була. Улар Ғаҫ халҡын ҡыуып ебәрә. Ахйо, Шашаҡ, Йәремоҫ, Зевадъяһ, Ғарад, Ғедәр, Михаил, Йишпа һәм Йоха – Бериғаның улдары. Зевадъяһ, Мешуллам, Хизҡи, Хәвәр, Йишмерай, Йизлиа, Йовав – Әлпәғәлдең улдары. Яҡим, Зихри, Завди, Әлиғынай, Силлеҫай, Әлиил, Ғадаяһ, Бераяһ һәм Шимраҫ – Шимғиҙең улдары. Йишпан, Ғевәр, Әлиил, Ғавдон, Зихри, Ханан, Хананъяһ, Ғелам, Ғантоҫияһ, Йифдеяһ һәм Пенуил – Шашаҡ улдары. Шамшерай, Шехаръяһ, Ғаҫалъяһ, Яғарешъяһ, Элияһ, Зихри – Йерохам улдары. Шәжәрәләренән күренгәнсә, улар һәммәһе нәҫел башлыҡтары була. Йәрүсәлимдә йәшәйҙәр. Ғивғондың атаһы Йеғиил Ғивғонда йәшәй һәм ҡатынының исеме Мағаха була. Йеғиилдың баш балаһы – Ғавдон, башҡалары Сур, Ҡиш, Бәғел, Надав, Гедор, Ахйо, Зәхәр һәм Миҡлоҫ. Миҡлоҫ – Шимеаның атаһы. Улар ағай-энеһе менән бергә ҡәрҙәштәре эргәһендә Йәрүсәлимдә йәшәй. Нерҙың улы – Ҡиш, Ҡиштың улы – Шаул, Шаулдың улдары – Йонаҫан, Малкишуағ, Авинадав һәм Әшбәғел. Йонаҫандың улы – Мерив-Бәғел, Мерив-Бәғелдең улы – Миха. Миханың улдары: Пиҫон, Мәләх, Тареағ һәм Ахаз. Ахаздың Йеһоғадда исемле улы тыуа. Йеһоғадданың – Ғәләмәҫ, Ғазмауыҫ, Зимри, Зимриҙең Моса тигән улдары донъяға килә. Моса – Бинғаның атаһы. Бинға – Рафаның, Рафа – Әлғасаның, Әлғаса – Аселдең атаһы. Аселдең Ғазриҡам, Бохру, Исмәғил, Шеғаръяһ, Ғовадъяһ, Ханан исемле алты улы була. Былар бөтәһе лә – Аселдең улдары. Уның ҡустыһы Ғешәктең баш балаһы – Улам, икенсеһе – Йеғуш, өсөнсөһө Әлифәләт исемле. Улам улдары ҡаһарман яугирҙәр, мәргән уҡсылар була, уларҙың улдары һәм ейәндәре бик ишле булып, барлығы йөҙ илле йәнгә етә. Улар барыһы ла – бинйәминдәр. Шулай итеп, бөтә Исраил халҡы нәҫел исемлектәренә теркәлә, улар Исраил батшалары китабына индерелгән. Йәһүҙә халҡы Аллаға тоғро булмаған өсөн Бабилға һөрөлгән була. Беренсе булып үҙ биләмәләренә, ҡалаларына ябай исраилдар, шулай уҡ ҡаһиндар, левиҙәр һәм ҡорам хеҙмәтселәре әйләнеп ҡайта. Йәрүсәлимгә урынлашҡан ҡайһы бер йәһүҙи, бинйәмин, әфраим һәм менашшелар – түбәндәгеләр. Йәһүҙә улы Пәрәс тоҡомонан: Бани улы Имри, Имри улы Ғомри, Ғомри улы Ғаммиһуд, Ғаммиһуд улы Ғуҫай; Шела нәҫеленән: баш балаһы Ғасаяһ менән уның улдары; Зерах улдарынан Йеғуил һәм уның ағай-энеһе – барлығы алты йөҙ туҡһан кеше. Бинйәмин нәҫеленән: Һассенуаның улы Һодауъяһ, Һодауъяһтың улы Мешуллам, Мешулламдың улы Саллу; шулай уҡ Йерохам улы Йивнеяһ, Ғуззиҙың улы, Михриҙең ейәне Эла, Шефатъяһтың улы Мешуллам. Мешуллам Реғуилдың ейәне, Йивнияһтың бүләре. Уларҙың туған-тыумасаһы нәҫел шәжәрәләренә күрә туғыҙ йөҙ илле алты кеше. Был кешеләр барыһы ла үҙ ғаиләләренең башлығы була. Ә ҡаһиндарҙан: Йедағъяһ, Йеһоярив, Яхин, Алла йортонда мөдирлек иткән Ғазаръяһ Хилҡияһ улы, Хилҡияһ – Мешулламдың, Мешуллам – Садоҡтың, Садоҡ – Мерайоҫтың, Мерайоҫ Ахитувтың улы була. Шулай уҡ Ғадаяһ, ул – Йерохамдың улы, Йерохам – Пашхурҙың улы, Пашхур – Малкияһтың улы; Мағсай Ғәдиил улы, Ғәдиил – Йәхзәрәнең улы, Йәхзәрә – Мешулламдың улы, Мешуллам – Мешиллемиҫтең улы, Мешиллемиҫ – Иммерҙең улы. Йәнә уларҙың ағай-энеһе, нәҫел башлыҡтары – бер мең ете йөҙ алтмыш кеше – Алла йортонда хеҙмәт итер өсөн лайыҡлы кешеләр була. Ә левиҙәрҙән: Шемағъяһ Хашшув улы, Хашшув – Ғазриҡамдың улы, Ғазриҡам – Хашавъяһтың улы – Мерари нәҫеленән. Баҡбаҡҡар, Хәрәш, Галал, Миха улы Маттанъяһ, Миха – Зихриҙың, Зихри – Асафтың улы; Ғовадъяһ Шемағъяһ улы, Шемағъяһ – Галалдың, Галал – Йедуҫундың улы; Нетофа ауылдарында йәшәгән Бәрәхъяһ Аса улы, Аса – Әлҡананың улы. Ҡапҡа һаҡсылары: Шаллум, Ғаҡҡув, Талмон, Ахиман һәм уларҙың ағай-энеһе. Шаллум уларҙың башлығы була. Был ҡапҡа һаҡсыларының нәҫелдәре Батша ҡапҡаһы төбөндә әле лә һаҡта тора. Уларҙың ата-бабалары левиҙәр тупламында һаҡсылар булған. Ҡореҙың улы, Әвьясафтың ейәне, Ҡорахтың бүләһе булған Шаллум һәм уның ағай-энеһе, ҡорахтар, үҙҙәренең вазифаһы буйынса Осрашыу сатыры тупһаһын һаҡлай. Әүәл уларҙың ата-бабалары Раббы тупламына инә торған урынды һаҡлап торған булған. Әүәл Пинхас Әлғазар улы улар өҫтөнән башлыҡ була һәм Раббы уны ҡурсалап йөрөтә. Мешәләмьяһ улы Зәкәрьяһ Осрашыу сатырына ингән ерҙе ҡарауыллай. Ҡапҡа һағына бөтәһе ике йөҙ ун ике кеше һайлап алынған була. Улар ауыл-ауыл булып нәҫел исемлектәренә ингән. Уларҙы был яуаплы хеҙмәткә Дауыт менән Шемуил әүлиә тәғәйенләгән. Был кешеләр ҙә, уларҙың нәҫелдәре лә Раббы йорто ҡапҡаларын – Изге сатырҙың ишеген һаҡлай. Ҡапҡа һаҡсылары дүрт яҡтан тора: көнсығышта, көнбайышта, төньяҡта, көньяҡта. Уларҙың үҙҙәренең ауылдарындағы туғандары тәғәйен ваҡытта етешәр көнгә улар янына хеҙмәткә килеп йөрөй. Левиҙәрҙән дүрт баш һаҡсы бик яуаплы вазифа башҡара, Раббы йорто бүлмәләрен һәм хазиналарын һаҡлай. Алла йортон ҡарауыллау һәм иртәнсәк уның ишектәрен асыу уларға йөкмәтелгән булғанлыҡтан, улар төндө Алла йорто янында үткәрә. Берәүҙәре Алла йортонда ғибәҙәт ҡылыу өсөн кәрәкле һауыт-һаба өсөн яуаплы була, улар һауыттарҙы һанап бирә һәм һанап ҡабул итә. Икенселәренә йыһаздар, изге торлаҡтағы башҡа кәрәк-яраҡ, иң яҡшы он, шарап һәм зәйтүн майы, ладан һәм хуш еҫле матдәләр өсөн яуаплылыҡ йөкмәтелә. Әммә хуш еҫле матдәләрҙән ыҫмала-майҙар әҙерләү менән ҡаһиндар нәҫеленә ҡарағандар шөғөлләнә. Левиҙәрҙең береһе – Ҡорах нәҫеленән булған Шаллумдың баш балаһы Маттиҫъяһҡа таба икмәге бешереү йөкмәтелә. Уларҙың ҡайһы бер ағай-энеһенә шәмбе һайын ҡуйыла торған изге икмәкте хәстәрләү йөкмәтелә. Йырсы хеҙмәтендәге левиҙәрҙең нәҫел башлыҡтары ҡорамдағы бүлмәләрҙә йәшәй һәм, көнө-төнө үҙҙәренең төп вазифаларын башҡарғанға күрә, уларға башҡа төрлө эштәр ҡушылмай. Былар нәҫел шәжәрәләренә күрә левиҙәрҙең нәҫел башлыҡтары була һәм Йәрүсәлимдә йәшәй. Ғивғондың атаһы Йеғиил Ғивғонда йәшәй һәм ҡатынының исеме Мағаха була. Йеғиилдың баш балаһы – Ғавдон, башҡалары – Сур, Ҡиш, Бәғел, Нер, Надав, Гедор, Ахйо, Зәкәрьяһ һәм Миҡлоҫ. Миҡлоҫ – Шимеамдың атаһы. Улар ағай-энеһе менән бергә ҡәрҙәштәре эргәһендә Йәрүсәлимдә йәшәй. Нерҙың улы – Ҡиш, Ҡиштың улы – Шаул, Шаулдың улдары – Йонаҫан, Малкишуағ, Авинадав һәм Әшбәғел. Йонаҫандың улы – Мерив-Бәғел, Мерив-Бәғелдең улы – Миха. Миханың улдары: Пиҫон, Мәләх, Тахреағ һәм Ахаз. Ахаздың Яғра исемле улы тыуа. Яғраның – Ғәләмәҫ, Ғазмауыҫ, Зимри, Зимриҙең Моса тигән улдары донъяға килә. Моса – Бинғаның атаһы. Бинға – Рефаяһтың, Рефаяһ – Әлғасаның, Әлғаса – Аселдең атаһы. Аселдең Ғазриҡам, Бохру, Исмәғил, Шеғаръяһ, Ғовадъяһ, Ханан исемле алты улы була. Былар – Аселдең улдары. Пелештиҙәр менән исраилдар араһында һуғыш барған саҡта, бер мәл Исраил яугирҙәре пелештиҙәрҙән ҡаса башлай һәм күбеһе Гилбоағ тауында һәләк булып йығыла. Пелештиҙәр, Шаул менән улдарын ҡыуып етеп, Шаулдың улдары Йонаҫанды, Авинадавты, Малкишуағты үлтерәләр. Шаулдың үҙе менән аяуһыҙ алыш ҡыҙа һәм уҡсы яугирҙәр уны ҡаты яралай. Шаул ҡорал йөрөтөүсеһенә: – Ҡылысыңды сығар ҙа мине сәнсеп үлтер, – ти. – Юҡһа, анау сөннәтһеҙҙәр килеп мәсхәрә итер. Әммә ҡорал йөрөтөүсеһе, бик ныҡ ҡурҡҡанлыҡтан, баш тарта. Шунда Шаул ҡылысын ала ла үҙе уның өҫтөнә йығыла. Шаулдың һәләк булғанын күреп, ҡорал йөрөтөүсе лә ҡылысҡа йығыла һәм үлә. Шулай итеп, Шаул, өс улы, бөтә нәҫеле бергә һәләк була. Үҙән буйында йәшәгән исраилдар, үҙ ғәскәрҙәренең ҡасҡанын, Шаулдың һәм уландарының үлгәнен күреп, ҡалаларын ташлап ҡаса. Ә пелештиҙәр уларға килеп урынлаша. Иртәгәһенә, һәләк булғандарҙы таларға килгән пелештиҙәр, Гилбоағ тауында Шаул менән уның улдарының мәйетен табып ала. Шаулды сисендереп, ҡоралдарын һалдырып, башын ҡырҡып алалар, шунан, был турала боттары алдында һәм халыҡҡа хәбәр итер өсөн, бөтә Пелешеҫ еренә сапҡындар ебәрәләр. Шаулдың ҡоралдарын үҙҙәренең илаһтары торған ғибәҙәтханаға ҡуялар, ә башын Дагон ҡорамының диуарына ҡаҙаҡлайҙар. Ғилғәд Явешы халҡы пелештиҙәрҙең Шаул менән ни ҡылғанын ишеткәс, ҡаланың ғәйрәтле ирҙәре аяҡҡа баҫа һәм Шаул менән уның улдарының кәүҙәләрен Явешҡа алып ҡайта. Шунан уларҙың һөйәктәрен Явештағы имән ағасы аҫтына ерләйҙәр һәм ете көн ураҙа тоталар. Бөтә исраилдар, Хевронға Дауыт янына йыйылып, уға былай ти: – Беҙ һинең менән бер йән, бер тән. Элек, батшабыҙ Шаул булған саҡта уҡ, Исраилды һин һуғышҡа алып инә, алып сыға торғайның. Аллаң Раббы һиңә: «Халҡым Исраилға көтөүсе булырһың, Исраилға һин идара итерһең», – тине. Исраилдың бөтә аҡһаҡалдары Хевронға батша янына килә. Хевронда Раббы хозурында Дауыт улар менән килешеү төҙөй. Аҡһаҡалдар, Раббының Шемуил аша еткерелгән һүҙе буйынса, Дауытты Исраилға батша итеп мәсехләй. Бына бер ваҡыт Дауыт барлыҡ исраилдар менән Йәрүсәлимгә, йәғни Йевусҡа китә. Ә ул төбәктә йевусиҙәр йәшәгән була. Йевусиҙәр Дауытҡа: – Инә алмаясаҡһың һин бында, – тиҙәр. Әммә Дауыт Сион нығытмаһын баҫып ала, хәҙер был – Дауыт ҡалаһы. Дауыт былай ти: – Кем дә кем йевусиҙәргә беренсе булып һөжүм итә, шул ғәскәр башлығы була. Иң алдан һөжүмгә Серуяһ улы Йоав күтәрелә һәм башлыҡ булып ҡала. Дауыт нығытмаға инеп урынлаша, шуға күрә уны Дауыт ҡалаһы тип атайҙар. Дауыт, Миллонан башлап ҡәлғә тирәләй төҙөлгән диуарға тиклем, бөтә ҡаланы төҙөкләндереп сыға. Ҡаланың ҡалған өлөшөн Йоав аяҡҡа баҫтыра. Дауыттың ҡеүәте арта бара, абруйы күтәрелә, сөнки Күк ғәскәрҙәре Аллаһы Раббы уның менән була. Раббы һүҙе буйынса Дауытты бөтә исраилдар менән бергә Исраилға батша итеп ҡуйҙырыуға бөтә тырышлығын һалған кешеләр түбәндәгеләр була. Бына Дауыттың ҡаһарман яугирҙәренең исемлеге: өс баһадирҙан торған төркөмдөң башлығы Яшовғам, Хахмониҙың улы. Ул, үҙенең һөңгөһөн өс йөҙ кешегә ҡаршы күтәреп, бөтәһен бер юлы ҡырып һала. Унан һуң Әлғазар, Ахоах нәҫеленән Додоның улы – Дауыттың өс батыр яугиренең береһе. Пелештиҙәр һуғышыр өсөн Пас-Даммимға йыйылғанда, ул Дауыт менән бергә була. Бындағы арпа баҫыуында исраилдар пелештиҙәрҙән ҡаса башлағас, был яугирҙәр баҫыу уртаһына тороп ала ла ошо ерҙе һаҡлап ҡала һәм пелештиҙәрҙе тар-мар итә – Раббы исраилдарҙы оло еңеүгә өлгәштерә. Пелештиҙәр Рефалар үҙәнендә туплам ҡороп урынлашҡас, утыҙ башлыҡ араһынан ошо өс ҡаһарман Дауытҡа Ғадуллам мәмерйәһе янындағы ҡая эргәһенә килә. Дауыт – нығытма эсендә, ә пелештиҙәрҙең һаҡсы ғәскәре Бейт-Ләхәмдә була. Шунда Дауыт бик ныҡ сарсап: – Берәйһе миңә Бейт-Ләхәм ҡапҡаһы янындағы ҡоҙоҡтан һыу алып килһә ине! – ти. Шунан һуң ошо өсәү, пелештиҙәр тупламы аша һуғышып үтеп, Бейт-Ләхәм ҡапҡаһы янындағы ҡоҙоҡтан Дауытҡа һыу алып килә. Әммә Дауыт ул һыуҙы эсергә теләмәй, Раббы ризалығына тип ергә түгә. Шунан ул былай ти: – Аллам һаҡлаһын был һыуҙы эсеүҙән! Ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып йөрөгән кешеләрҙең ҡаны бит был! Эсмәй Дауыт һыуҙы. Бына ниндәй ҡаһарманлыҡтар күрһәтә ул өс батыр! Йоавтың туғаны Авишай утыҙ ҡаһармандың башлығы була. Бер ваҡыт ул, һөңгөһөн күтәреп, өс йөҙ кешене үлтерә лә теге өс батыр кеүек дан ҡаҙана. Ул утыҙ батыр араһында иң арҙаҡлыһы була, уларҙың башлығы була, әммә өс юғары хәрби түрә иҫәбенә инмәй. Ҡавсеилдан Йеһоядағ улы Бенаяһ хәтәр эштәр башҡарған ғәййәр батыр була. Ул арыҫлан йөрәкле ике Моав егетенең йәнен ҡыя. Ҡарлы көндә һыу йыя торған соҡорға төшөп, бер арыҫланды үлтерә. Бенаяһ йәнә буйы биш терһәк булған бер Мысыр кешеһен үлтерә. Ул мысырлының ҡулында туҡыу ыҫтанының арҡыры таяғы һымаҡ оҙон һөңгө була, ә Бенаяһ уға ҡаршы таяҡ менән бара. Мысыр кешеһенең ҡулынан һөңгөһөн тартып алып, үҙ ҡоралы менән уның йәнен ҡыя. Бына ниндәй батырлыҡтар күрһәтә Йеһоядағ улы Бенаяһ. Ул теге өс батыр кеүек маҡтаулы була. Утыҙ ҡаһарман араһында айырылып торһа ла, теге өсәү иҫәбенә инмәй. Дауыт Бенаяһты йәнһаҡсыларының башлығы итеп тәғәйенләй. Ә батыр яугирҙәр иҫәбенә түбәндәгеләр инә: Йоавтың туғаны Ғасаһил; Бейт-Ләхәмдән Додоның улы Әлханан; Һарорҙан Шаммоҫ; Пелондан Хәләс; Теҡоғанан Ғиҡҡыштың улы Ғира; Ғанаҫоҫтан Авиғәзәр; Хушанан Сиббехай, Ахоахтан Ғилай; Нетофанан Маһрай; Нетофанан Бағананың улы Хелед; Бинйәмин ырыуының Гивға ҡалаһынан Ривай улы Иҫай; Пирғаҫондан Бенаяһ; Гағаш үҙәненән Хурай; Ғарванан Авиил; Бахуримдан Ғазмауыҫ; Шағалбондан Әлъяхба; Гизондан Һашемдың улдары; Һарарҙан Шагеның улы Йонаҫан; Һарарҙан Сахарҙың улы Ахиам; Ур улы Әлифал; Мехеранан Хефәр; Пелондан Ахияһ; Кармәлдән Хесро; Әзбай улы Нағарай; Наҫандың туғаны Йоил; Һагри улы Мивхар; Ғаммондан Селек; Беероҫтан Нахрай, ул Серуяһ улы Йоавтың ҡорал йөрөтөүсеһе; Йетерҙән Ғира менән Гарев; хитти Урияһ; Ахлай улы Завад; Рәүвән ырыуынан Шиза улы Ғадина, рәүвәндәрҙең нәҫел башлығы, уның менән утыҙ кеше була; Мағаханың улы Ханан; Миҫандан Йошафат; Ғаштароҫтан Ғуззия; Ғароғерҙан Хоҫамдың улдары Шамағ менән Йеғиил; Шимри улы Йедиғаил һәм уның туғаны Тистан Йоха; Махауанан Әлиил, Әлнағамдың улдары Йеривай менән Йошавъяһ һәм Моав кешеһе Иҫма; Соваяһтан Әлиил, Ғовед һәм Яғасиил. Ҡиш улы Шаулдан Сиҡлағҡа килеп йәшенгән Дауытҡа ҡушылып, яу барышында уға ҙур ярҙамы тейгән батырҙар ошонда һанала. Уҡ-һаҙаҡ менән ҡоралланған, уң ҡул менән дә, һул ҡул менән дә таш ырғыта һәм йәйәнән уҡ ата торған был бинйәминдәр Шаулдың ағай-энеһе була. Гивғанан Шемаға улдары башлыҡ Ахиғәзер һәм Йоаш; Ғазмауыҫ улдары Йезиил менән Пәләт; Ғанаҫоҫтан Бераха менән Йеһу; Ғивғондан Йишмағъяһ, утыҙ батырҙың береһе һәм уларҙың башлығы; Гедеранан Йермеяһ, Яхазиил, Йоханан һәм Йозавад; Әлғузай, Йеримоҫ, Беғалъяһ, Шемаръяһ, харуфлы Шефатъяһ; ҡорахтар Әлҡана, Йишшияһ, Ғазарил, Йөғәзәр һәм Яшовғам; Гедорҙан Йерохамдың улдары Йоғола менән Зевадъяһ. Дауыт сүлдәге нығытмаһында торғанда, ҡалҡан һәм һөңгө менән эш итеүҙә оҫта булған тәжрибәле ғад ҡаһармандары уның яғына сыға; уларҙың йөҙө арыҫландыҡы кеүек, ә үҙҙәре тауҙағы ғәзәлдәй етеҙ була. Ғезәр – баш, икенсеһе – Ғовадъяһ, өсөнсөһө – Әлиав, дүртенсеһе – Мишманна, бишенсеһе – Йермеяһ, алтынсыһы – Ғаттай, етенсеһе – Әлиил, һигеҙенсеһе – Йоханан, туғыҙынсыһы – Әлзавад, унынсыһы – Йермеяһ, ун беренсеһе – Махбаннай. Был ғадтар ғәскәр башлыҡтары була: кәм тигәндә – йөҙ башы, иң юғарыһы – мең башы. Беренсе айҙа, ярҙарынан ташып киткән Иорданды кисеп сығып, үҙәндәрҙә йәшәгәндәрҙе көнсығышҡа һәм көнбайышҡа ҡыуып ебәргәндәр нәҡ улар була ла инде. Дауыт янына нығытмаға бинйәминдәр менән йәһүҙиҙәрҙән дә киләләр. Уларҙың ҡаршыһына сығып, Дауыт былай ти: – Әгәр һеҙ изге ниәт менән, миңә ярҙам итергә тип килһәгеҙ, йөрәгем һеҙҙең менән булыр; ә инде ҡулым яуызлыҡтан пак булған мине дошмандарыма тотоп бирергә тигән мәкер менән килһәгеҙ, ата-бабаларыбыҙ Аллаһы күрһен дә Үҙе хөкөм ҡылһын. Шул саҡ утыҙҙың башлығы Ғамасайҙы рух сорнап ала һәм ул былай ти: – Эй Дауыт, беҙ һинекеләр! Эй Ишай улы, беҙ һинең менән! Именлек һиңә, именлек! Һиңә ярҙам итеүселәр ҙә имен булһын! Һиңә ярҙам итеүсе Аллаң Үҙе бит! Шул саҡ Дауыт уларҙы ҡабул итә лә ғәскәр башлығы итеп ҡуя. Дауыт пелештиҙәр менән Шаулға ҡаршы һуғышҡа барған саҡта, Дауытҡа Менашше ырыуынан да эйәреүселәр була. Тик Дауыт һәм уның кешеләре пелештиҙәр яғында һуғышмай, сөнки пелешти башлыҡтары үҙ-ара: «Был хакимы Шаул яғына сығып ҡуйыр ҙа башыбыҙға бәлә өҫтәр», – тип кәңәшләшеп, уны айырып ебәргән була. Дауыт Сиҡлағҡа кире ҡайтҡанда менашшеларҙың уның яғына сыҡҡандары: Ғаднах, Йозавад, Йедиғаил, Михаил, Йозавад, Әлиһу, Силлеҫай – менашшеларҙың мең башлыҡтары. Дошман баҫҡынсыларына ҡаршы торғанда Дауытҡа улар ҙур ярҙам күрһәтә, сөнки ҡаһарман яугирҙәр була. Улар Дауыт ғәскәрендә башлыҡтар булып китә. Шулай итеп, Дауытҡа ярҙамға көн-төн кеше ағыла, шунлыҡтан уның ғәскәре Алла ғәскәре кеүек осһоҙ-ҡырыйһыҙға әүерелә. Раббы һүҙе буйынса Шаул батшалығын уға тапшыртыр өсөн Дауыт янына Хевронға килгән ҡораллы яугирҙәрҙең һаны: Йәһүҙә ырыуынан – ҡалҡан менән һөңгө йөрөткән яуға әҙер алты мең һигеҙ йөҙ кеше; Шимғон ырыуынан – ете мең бер йөҙ ҡаһарман яугир; Леви ырыуынан – дүрт мең алты йөҙ кеше; йәнә Һарун нәҫеле башлығы Йеһоядағ менән өс мең ете йөҙ кеше; ҡаһарман егет Садоҡ һәм уның нәҫеленән егерме ике башлыҡ; Шаул нәҫеле булған бинйәминдәрҙән өс мең кеше, тик әлегә уларҙың күбеһе Шаул яҡлыраҡ булып тора; Әфраим ырыуынан егерме мең һигеҙ йөҙ ҡаһарман яугир, үҙ нәҫелдәренең абруйлы кешеләре; Менашше ырыуының яртыһынан ун һигеҙ мең кеше, улар Дауытты батшалыҡҡа ултыртырға тип исемләп билдәләнгән була; Исасхар ырыуынан Исраилға ҡасан һәм нимә эшләргә кәрәклеген белгән аҡыллы кешеләр, башлыҡтарының һаны ике йөҙ булып, бөтә ағай-энеләре лә уларға эйәрә; зевулундарҙан яуға әҙер булған, төрлө һуғыш ҡоралы менән ҡоралланған илле мең кеше килә, сафтағылар барыһы ла бер төптән була; нафталиҙарҙан мең башлыҡ менән уларға эйәргән ҡалҡанлы-һөңгөлө утыҙ ете мең кеше килә; дандарҙан – яуға әҙер егерме һигеҙ мең алты йөҙ кеше; ашерҙарҙан – алышҡа әҙер ҡырҡ мең яугир; Иордан аръяғынан, Рәүвән, Ғад һәм Менашше ырыуының яртыһынан һәр төрлө яу ҡоралы тотҡан йөҙ егерме мең кеше килә. Бөтә был яугирҙәр, ихлас йөрәктән Дауытты бөтә Исраилға батша итеп ҡуйырға тип, Хевронға саф-саф булып теҙелеп килә. Башҡа исраилдар ҙа Дауытты батша итеү ниәтендә берҙәмлек күрһәтә. Улар Дауыт янында өс көн була, ашап-эсеп һыйлана, сөнки туғандары улар өсөн барыһын да әҙерләп торған була. Шулай уҡ уларҙың яҡындары ла, хатта Исасхар, Зевулун һәм Нафтали ырыуҙары ла, ишәктәргә, дөйәләргә, ҡасырҙарға, үгеҙҙәргә тейәп, ризыҡ килтерә: он, киптерелгән инжир, кипкән йөҙөм, шарап, зәйтүн майы; эре һәм ваҡ малды ла күп итеп алып киләләр, сөнки барлыҡ Исраил оло шатлыҡ кисерә. Дауыт мең баштары, йөҙ баштары һәм барлыҡ башлыҡтар менән кәңәшләшә лә йыйылған исраилдарҙың бөтәһенә былай тип өндәшә: – Теләһәгеҙ, Аллабыҙ Раббы ихтыяр ҡылһа, бөтә Исраил еренә барлыҡ туғандарыбыҙҙы, шулай уҡ ҡаһиндарҙы, левиҙәрҙе ошонда йыйылырға саҡырып, уларҙың ҡалаларына һәм ауылдарына хәбәр ебәрәйек. Шунан Аллабыҙ һандығын үҙебеҙгә күсереп алайыҡ, Шаул заманында беҙ уға иғтибар бирмәнек бит. Бар йыйын: «Әйҙә шулай булһын», – тип хуплай, сөнки был ғәмәл бар халыҡҡа дөрөҫ булып тойола. Шулай итеп, Дауыт, Алла һандығын Ҡыръяҫ-Еғаримдан күсереп алып ҡайтыр өсөн, Мысыр Шихорынан Лево-Хамаҫҡаса бөтә ерҙән бар исраилдарҙы йыя. Дауыт менән барлыҡ исраилдар, кирубтар араһында тәхет ҡорған Раббы Алланың исемен йөрөткән һандыҡты алып ҡайтыу өсөн, Йәһүҙәләге Бағала ҡалаһына – Ҡыръяҫ-Еғаримға – юллана. Алла һандығын өр-яңы еңел арбаға ҡуйып, Авинадав йортонан алып китәләр. Арбаны Ғузза менән Ахйо алып бара. Ә Дауыт менән бөтә Исраил халҡы Алла алдында бар күңелен һалып йырлай-йырлай, арфа һәм лира сиртеп, дөңгөр ҡағып, еҙ тәрилкәләр һуғып, борғола уйнап, бейей-бейей күңел аса. Кидон тигән кешенең ырҙыны янынан үтеп барғанда, үгеҙҙәр һөрлөгөп китә лә, Ғузза, ҡулын һуҙып, һандыҡты тотоп ҡала. Шул саҡ Раббының Ғуззаға асыуы ҡабара һәм, һандыҡҡа ҡағылырға ҡулын һуҙған өсөн, уның ғүмерен өҙә. Ғузза шунда Алла ҡаршыһында йән бирә. Раббының Ғуззаны һәләк итеүе Дауытты ҡайғыға һала. Ошо төбәккә ул «Пәрәс-Ғузза» тип исем ҡуша. Был урын әле лә шулай тип йөрөтөлә. Шул көндө Дауыт Алланан бик ныҡ ҡурҡа һәм: «Нисек Алланың һандығын үҙемә алып инәйем?» – ти. Дауыт һандыҡты тура үҙенә, Дауыт ҡалаһына, алып ҡайтмай, барған юлынан боролоп, уны Ғаҫ кешеһе Ғовед-Эдомдың йортона ҡуя. Алла һандығы өс ай буйы Ғовед-Эдом йортонда тора һәм Раббы Ғовед-Эдомға, уның ғаиләһенә, бөтә мал-мөлкәтенә Үҙенең бәрәкәтен күндерә. Тир батшаһы Хирам Дауытҡа илселәре менән батша йортон һалыу өсөн кедр ағастары, ташсылар һәм балта оҫталары ебәрә. Дауыт Раббының уны Исраил батшаһы итеп раҫлағанын һәм халҡы Исраил хаҡына уның батшалығын күтәргәнен аңлай. Йәрүсәлимдә Дауыт йәнә ҡатындар ала. Уның тағы ла улдары һәм ҡыҙҙары тыуа. Бына уның Йәрүсәлимдә тыуған балаларының исемдәре: Шаммуағ, Шовав, Наҫан, Сөләймән, Ивхар, Әлишуағ, Әлпәләт, Ногаһ, Нәфәг, Яфияғ, Әлишамағ, Беғәльядағ һәм Әлифәләт. Дауыттың бар Исраилға батша итеп мәсехләнгәнен ишеткәс, бөтә пелештиҙәр уны эҙләргә керешә. Был хаҡта белеп ҡалғас, Дауыт үҙе уларға ҡаршы китә. Пелештиҙәр килеп, Рефалар үҙәнен таларға тотона. Дауыт Алланан: – Пелештиҙәргә ҡаршы сығайыммы? Һин уларҙы минең ҡулыма тапшыраһыңмы? – тип һорай. Раббы Дауытҡа: – Бар, ҡаршы сыҡ! Мин уларҙы һинең ҡулыңа тапшырам, – тип яуап ҡайтара. Исраилдар Бәғел-Перасимға юллана, Дауыт шунда пелештиҙәрҙе тар-мар итә һәм былай ти: – Һыу ташҡыны ҡаршылыҡтарҙы емереп үткән һымаҡ, Алла минең ҡулым менән дошмандарымды туҙҙырып ташланы. Шуға күрә был урынды Бәғел-Перасим тип атайҙар. Ул ерҙә пелештиҙәр илаһтарының һындарын ташлап ҡаса. Дауыттың әмере буйынса ул боттар утта яндырыла. Күпмелер ваҡыттан һуң пелештиҙәр йәнә үҙәнде талай башлай. Дауыт тағын Аллаға һорау менән мөрәжәғәт итә, һәм Ул былай тип яуап ҡайтара: – Уларҙың артынан барма, арт яҡтан урап, тут ағастары яғынан бар. Тут ағастары башында атлағанға оҡшаған тауыш ишетһәң, һөжүмгә күс. Пелешти ғәскәрен ҡыйратыр өсөн Алла Үҙе һинең алдыңдан бара тигән һүҙ булыр был. Дауыт Алла нисек бойорһа, шулай эшләй һәм пелештиҙәр ғәскәрен Ғивғондан алып Гәзәргә тиклем юл буйы ҡырып баралар. Дауыттың даны бөтә ерҙәргә тарала, һәм Раббы ҡөҙрәте менән бар халыҡтар унан ҡурҡып тора. Дауыт үҙе өсөн Дауыт ҡалаһында йорттар төҙөй, Алла һандығы өсөн урын әҙерләй – сатыр ҡора. Шунан Дауыт былай ти: – Алла һандығын левиҙәрҙән башҡа бер кем дә йөрөтөргә тейеш түгел, сөнки уларҙы Алла һандығын йөрөтһөндәр һәм Үҙенә мәңге хеҙмәт итһендәр тип Раббы һайлаған. Раббы һандығын уны ҡуйырға тип әҙерләнгән ергә килтерер өсөн Дауыт барлыҡ исраилдарҙы Йәрүсәлимгә йыя. Дауыт Һарун улдары менән левиҙәрҙе саҡыра. Бына улар: Ҡыһаҫ улдарының башлыҡтары Уриил менән уның туғандары – йөҙ егерме кеше; Мерари улдарының башлыҡтары Ғасаяһ менән уның туғандары – ике йөҙ егерме кеше; Гершон улдарының башлыҡтары Йоил менән уның туғандары – йөҙ утыҙ кеше; Әлисафан улдарының башлыҡтары Шемағъяһ менән уның туғандары – ике йөҙ кеше, Хеврон улдарынан Әлиил башлыҡ менән уның туғандары – һикһән кеше; Ғуззиил улдарының башлыҡтары Ғамминадав менән уның туғандары – йөҙ ҙә ун ике кеше. Садоҡ менән Әвйәҫәр ҡаһиндарҙы, левиҙәрҙән Уриилды, Ғасаяһты, Йоилды, Шемағъяһты, Әлиилде һәм Ғамминадавты саҡырып алып, Дауыт уларға былай ти: – Һеҙ, Леви ырыуының нәҫел башлыҡтары, үҙегеҙ ҙә, туғандарығыҙ ҙа пакланығыҙ һәм Исраил Аллаһы Раббының Килешеү һандығын мин әҙерләгән ергә килтерегеҙ; сөнки теге юлы һеҙ быны эшләмәгән өсөн, беҙ Унан нисек булырға тейешен һорамаған өсөн Аллабыҙ Раббы беҙгә ҡаты асыуланды. Исраил Аллаһы Раббының һандығын күтәреп килтерер өсөн ҡаһиндар менән левиҙәр үҙҙәрен паклай. Левиҙәр, Раббы һүҙе буйынса Муса ҡушып ҡалдырғанса, Алла һандығын һайғауҙар менән яурындарына һалып, юлға сыға. Дауыт левиҙәрҙең башлыҡтарына туғандары араһынан йырсылар билдәләп, уларға лира, арфа, һуҡма тәрилкә кеүек уйын ҡоралдары тоттороп, шатлыҡ йырҙары йырлап барырға ҡуша. Левиҙәр Йоил улы Һеманды һәм уның туғандарынан Бәрәхъяһ улы Асафты, ә ҡәрҙәш Мерари нәҫеленән Ҡушаяһ улы Эҫанды билдәләй. Шулай уҡ башҡа ҡәрҙәштәрен – Зәкәрьяһты, Бенде, Яғазиилды, Шемирамоҫты, Йехиилды, Ғунниҙы, Әлиавты, Бенаяһты, Мағасеяһты, Маттиҫъяһты, Әлифлеһуҙы, Миҡнияһты һәм ҡапҡа һаҡсылары Ғовед-Эдом менән Йеғиилды уларға ярҙамға ҡуя. Йырсылар Һеман, Асаф һәм Эҫан еҙ тәрилкәләр һуға; Зәкәрьяһ, Ғазиил, Шемирамоҫ, Йехиил, Ғунни, Әлиав, Мағасеяһ һәм Бенаяһ юғары тауышлы арфаларҙа һәм лирала уйнай. Маттиҫъяһ, Әлифлеһу, Миҡнияһ, Ғовед-Эдом, Йеғиил һәм Ғазазъяһ һигеҙ ҡыллы уйын ҡоралдарында уйнай башлай. Левиҙәрҙең йыр буйынса башлығы Кенанъяһ, йырға оҫта булғанлыҡтан, йыр өсөн яуаплы була. Бәрәхъяһ менән Әлҡана Алла һандығы янында һаҡсы була. Шеванъяһ, Йошафат, Неҫанил, Ғамасай, Зәкәрьяһ, Бенаяһ һәм Әлиғәзәр ҡаһиндар Алла һандығы алдынан борғолар ҡысҡыртып бара. Ғовед-Эдом менән Йехияһ та һандыҡ янында һаҡсы була. Бына шулай, һөйөнөс менән, Дауыт һәм Исраил аҡһаҡалдары, мең баштары Раббының Килешеү һандығын Ғовед-Эдом йортонан күсереп алып ҡайта. Раббының Килешеү һандығын күтәреп барған левиҙәргә Алла Үҙе ярҙам иткәнгә күрә, улар ете үгеҙ башмаҡ менән ете һарыҡ тәкәһе ҡорбан итә. Дауыт та, һандыҡты күтәреп барған левиҙәр, йырсылар ҙа, йырсыларҙың башлығы Кенанъяһ та йоҡа етендән тегелгән кейемдәрҙә була. Дауыт өҫтөнә етен эфод кейгән була. Бына шулай бөтә Исраил халҡы шау-гөр килеп, тәкә мөгөҙө, борғолар, һуҡма тәрилкәләр тауышы аҫтында, лира һәм арфалар уйнатып, Раббының Килешеү һандығын алып ҡайта. Раббының Килешеү һандығын Дауыт ҡалаһына алып ингән саҡта, Шаулдың ҡыҙы Михәл тәҙрәнән ҡарап торған була. Дауыт батшаның ырғый-һикерә күңел асҡанын күреп, унда Дауытҡа ҡарата ытырғаныс тойғоһо уяна. Алла һандығын алып килеп, Дауыт ҡорҙорған сатыр уртаһына ҡуялар. Аллаға тотош яндырыу ҡорбандары һәм татыулыҡ ҡорбандары килтерәләр. Тотош яндырыу ҡорбаны менән татыулыҡ ҡорбаны килтереү тамамланғас, Дауыт халыҡты Раббы исеме менән фатихалай һәм бар исраилдарға – ир-аттарға ла, ҡатын-ҡыҙҙарға ла, берәр икмәк, берәр киҫәк ит һәм йөҙөм көлсәһе өләшеп сыға. Исраил Аллаһы Раббыға доға ҡылһындар, Уға шөкөр итһендәр һәм данлаһындар тип, Дауыт левиҙәрҙән Раббы һандығы янында хеҙмәт башҡарыусыларҙы ҡуя: Асафты баш итә, уға ярҙамға Зәкәрьяһты, Йеғиилды, Шемирамоҫты, Йехиилды, Маттиҫъяһты, Әлиавты һәм Бенаяһты, Ғовед-Эдомды һәм Йеғиилды – лирала һәм арфала уйнарға, Асафты еҙ тәрилкә һуғырға тәғәйенләй. Ҡаһиндар Бенаяһ менән Яхазиил Алланың Килешеү һандығы янында көн һайын борғо ҡысҡыртырға тейеш була. Был көн Дауыт тәү тапҡыр Асаф менән туғандарынан Раббыны данлаған изге йырын йырлата: Раббыға шөкөр итегеҙ, исеме менән саҡырығыҙ, Ғәмәлдәрен халыҡтар араһында иғлан итегеҙ! Уға йырлағыҙ, көй сығарығыҙ, Бөтә мөғжизәләрен бәйән итегеҙ! Уның мөҡәддәс исеме менән маҡтанығыҙ, Раббыны эҙләгәндәрҙең күңелдәре шат булһын! Раббыға, Уның ҡеүәтенә өмөт бағлағыҙ, Бер туҡтауһыҙ Уға ынтылығыҙ! Ул – беҙҙең Аллабыҙ Раббы, Уның хөкөмө – бөтә ер йөҙөндә; Уны Яҡупҡа ҡағиҙә итеп ҡуйҙы, Уның Исраил менән килешеүе – мәңгелек! Әйтте: «Һиңә Ҡәнғән ерен бирәм, Ул өлөшөгөҙгә төшкән биләмә булыр». Ул заманда һанығыҙ аҙ, бик аҙ ине, Был илдә һеҙ бары килмешәк булдығыҙ. Ҡыҙырҙылар бер ҡәүем араһынан икенсеһенә, Бер батшалыҡтан башҡа халыҡҡа. Уларҙы Раббы һис бер йәбергә бирмәне, Улар хаҡында батшаларҙы киҫәтеп торҙо: «Минең мәсихтәремә һеҙ ҡағылмағыҙ, Пәйғәмбәрҙәремә яманлыҡ ҡылмағыҙ». Йырла Раббыға, бар донъя! Беҙҙе нисек ҡотҡарғанын көн һайын һөйләгеҙ! Шөһрәтен ҡәүемдәргә иғлан итегеҙ, Хикмәттәрен барса халыҡтарға еткерегеҙ. Сөнки Раббы бөйөк, сикһеҙ маҡтауға лайыҡ, Ул барса илаһтарҙан да дәһшәтлерәк. Башҡа халыҡтарҙың илаһтары – боттар, Раббы иһә күктәрҙе бар ҡылған. Дәрәжә һәм шөһрәт Уның хозурында, Торлағында – ҡеүәт һәм дә шатлыҡ. Эй халыҡтар, Раббыға лайыҡ хөрмәтте күрһәтегеҙ, Ғиззәтле, ҡөҙрәтле Раббыға хөрмәт күрһәтегеҙ. Раббының данлы исемен ололағыҙ, Саҙаҡалар алып алдына килегеҙ! Ғәжәйеп изгелек эйәһе Раббыға сәждә ҡылығыҙ! Эй бөтә ер йөҙө, Уның хозурында ҡалтырап тор! Донъя ныҡ итеп ҡоролған, ул ҡаҡшамаҫ. Һөйөнһөн күк, тантана итһен ер! Халыҡтарға: «Раббы – батша!» – тип иғлан ителһен. Диңгеҙ һәм ундағы йән эйәләре шаулаһын! Ҡырҙар һәм ҡырҙа йәшәгәндәр ҡыуанһын! Урмандағы ағастар шатланып гөрләшһен Раббы хозурында. Сөнки Ул ер йөҙөн хөкөм итергә килә. Раббыға шөкөр итегеҙ, Ул игелекле, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек. Әйтегеҙ: «Ҡотҡар беҙҙе, эй Аллам, Беҙҙең ҡотҡарыусыбыҙ! Беҙ мөҡәддәс исемеңә шөкөр итһен, Һинең шөһрәтең менән маҡтанһын өсөн Йыйып ал беҙҙе ҡәүемдәр араһынан, азат ит». Раббы, Исраил Аллаһы Мәңге-мәңгегә мөбәрәк булһын! Шунан барса халыҡ: «Амин!» – ти һәм Раббыны данлай. Дауыт, Раббының Килешеү һандығы эргәһендә көндәлек хеҙмәтте башҡарһын өсөн, Асаф менән уның туғандарын, шулай уҡ Ғовед-Эдом менән уның алтмыш һигеҙ туғанын ҡалдыра. Йедуҫун улы Ғовед-Эдом менән Хосаны ҡапҡа һаҡсыһы итеп ҡуя. Ә Садоҡ ҡаһин менән уның нәҫелендәге ҡаһиндарҙы Ғивғондағы ҡалҡыулыҡта урынлашҡан Раббының изге сатыры янында хеҙмәткә ҡалдыра. Улар һәр иртә һәм кис тотош яндырыу усағында тотош яндырыу ҡорбандары килтерергә, Исраилға Раббы биргән ҡанунда нимә яҙылған булһа, шуны эшләргә тейеш була. Шулай уҡ Һеманды, Йедуҫунды һәм исемдәрен атап тағы бер нисә кешене «Раббының тоғро мөхәббәте мәңгелек!» тип Раббыны данлар өсөн тәғәйенләй. Һеман менән Йедуҫун, борғола, һуҡма тәрилкәлә һәм башҡа төрлө уйын ҡоралдарында уйнап, Аллаға йырларға тейеш була. Йедуҫун улдары иһә ҡапҡа һаҡлай. Бынан һуң бар халыҡ өйҙәренә таралыша. Дауыт та, үҙ ғаиләһен фатихалар өсөн, өйөнә ҡайта. Дауыт батша үҙ һарайында урынлаша. Көндәрҙән бер көндө ул Наҫан пәйғәмбәргә былай ти: – Бына мин кедр ағасынан һалынған йортта йәшәйем, ә Раббының Килешеү һандығы сатырҙа тора. – Бар әйҙә, ниәт иткәнеңде эшлә, Алла һинең менән, – ти Наҫан Дауытҡа. Әммә шул төндө Наҫанға Алла һүҙе иңә: – Бар, ҡолом Дауытҡа әйт, Раббы былай ти: «Мин төйәкләнер йортто һин төҙөмәҫһең. Исраил халҡын Мысырҙан алып сыҡҡан көндән башлап бөгөнгә тиклем өй эсендә йәшәмәнем, бер ерҙән икенсе ергә күсенеп йөрөгәндә урыным гел сатырҙа – Изге торлаҡта булды. Исраил халҡы менән ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, халҡыма көтөүсе булһын өсөн Үҙем тәғәйенләп ҡуйған Исраил хакимдарының берәйһенән: „Ниңә Миңә кедр ағасынан йорт һалып бирмәйһегеҙ?“ – тип берәй һүҙ әйткәнем булдымы?» Инде ҡолом Дауытҡа былай тип әйт: Күк ғәскәрҙәре Раббыһы һиңә шулай ти: «Мин һине, һарыҡ көтөп йөрөгән ереңдән алып, үҙ халҡым Исраилдың юлбашсыһы итеп ҡуйҙым. Ҡайҙа ғына барһаң да, һәр ерҙә һинең менән булдым, Мин һинең бөтә дошмандарыңды юҡ иттем. Хәҙер һинең исемеңде ер йөҙөндә йәшәгән бөйөк кешеләр исеме менән бер рәттән мәшһүр итермен. Ғүмерең бөтөп, ата-бабаларың хозурына күскәс, һинең нәҫелеңде, улдарыңдың береһен батша итеп ҡуйырмын, уның батшалығын нығытырмын. Ул Миңә бағышлап йорт төҙөр, ә Мин уның тәхетен мәңгелеккә нығытырмын. Мин – уға Атай, ә ул Миңә ул булыр. Мин һиңә тиклемге батшаны рәхмәтемдән мәхрүм иткәйнем, һинең улыңды бер ваҡытта ла тоғро мөхәббәтемдән айырмам. Мин уны йортома һәм батшалығыма мәңгелеккә ҡуйырмын, уның тәхете мәңге ныҡ булыр». Наҫан Дауытҡа бөтә ошо һүҙҙәрҙе һәм Раббынан иңгән күренмеште һөйләп бирә. Дауыт Раббы хозурына барып ултыра. Доға ҡылып, былай ти: – Эй Аллам Раббым, мин һәм минең нәҫел-нәсәбем кем һуң, Һин мине шул тиклем юғары күтәрҙең! Был да әле Һиңә аҙ тойолдо, Аллам. Һин ҡолоңдоң йортоноң киләсәге хаҡында ла хәбәрҙар иттең, мине бөйөк кеше итеп күрәһең, Аллам Раббым! Ҡолоңдо шулай ҙурлаған өсөн Дауыт Һинең алда тағы нимә әйтә ала инде? Һин бит Үҙеңдең ҡолоңдо беләһең! Раббым! Был бөйөк эштәрҙе Һин ҡолоң хаҡына, йөрәгең ҡушҡанға эшләнең һәм күрһәттең. Эй Раббым! Һиңә тиң булырлыҡ һис кем юҡтыр, Һинән башҡа һис бер илаһ юҡтыр! Беҙ быны үҙ ҡолаҡтарыбыҙ менән ишетеп торабыҙ. Ер йөҙөндә халҡың Исраил һымаҡ тағы ниндәй ҡәүем бар? Башҡа ҡайһы халыҡҡа уны йолоп алып Үҙенең халҡы итер өсөн Алланың килгәне бар? Һин Үҙ халҡыңды Мысырҙан ҡотҡарып, исемеңде шөһрәтле иттең. Бөйөк һәм хикмәтле эштәрең аша халҡың алдынан башҡа ҡәүемдәрҙе ҡыуҙың. Һин халҡың Исраилды мәңгегә Үҙеңдеке иттең, Һин, Раббым, уның Аллаһы булдың. Хәҙер инде, эй Раббым, Үҙеңдең ҡолоң һәм уның йорто тураһында әйткәнеңде мәңгелеккә нығыт, нимә әйткән булһаң, шуны бойомға ашыр. Һинең исемең мәңге йәшәһен, мәңге шөһрәтле булһын. «Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Исраил халҡының Аллаһы!» тиһендәр. Ҡолоң Дауыттың йорто Һинең алдыңда ҡаҡшамаҫлыҡ булып торһон. Эй Аллам, Һин Үҙеңдең ҡолоңа йорт төҙөрмөн тип әйткәйнең. Шуға күрә мин ҡолоң бөтә йөрәгем менән Һиңә ошо доғамды юлларға баҙнат иттем. Эй Раббым, Һин – Аллаһың! Үҙеңдең ҡолоңа ана шундай игелек вәғәҙә иттең! Инде хозурыңда мәңге торһон өсөн ҡолоңдоң йортона фатихаңды биреүҙе хуш күрҙең. Һин, йә Раббым, уға фатиха бирҙең һәм ул мәңге фатихалы буласаҡ. Күпмелер ваҡыт үткәс, Дауыт, пелештиҙәрҙе ҡыйратып, уларҙы үҙенә буйһондора һәм Ғаҫ менән уның тирәһендәге ауылдарҙы тартып ала. Ул шулай уҡ Моав халҡын да тар-мар итә. Моавтар Дауытҡа буйһона һәм уға яһаҡ түләй башлай. Сова батшаһы Һададғәзәр Евфрат йылғаһы буйында үҙ хакимлығын нығытырға тип килә ятҡанда Дауыт Хамаҫта уны ла ҡыйрата. Дауыт уның мең яу арбаһын, ете мең һыбайлыһын һәм егерме мең йәйәүле яугирен әсиргә ала. Йөҙ яу арбаһына егерлек аттарҙы ҡалдырып, башҡаларының аяҡ һеңерҙәрен ҡырҡтыра. Дамаскта йәшәгән арами халҡы Сова батшаһы Һададғәзәргә ярҙамға килгәс, Дауыт уларҙың егерме ике мең кешеһен үлтерә. Дауыт Дамаск арамиҙарының ерендә һаҡсы ғәскәрҙәр ҡуя; арамиҙар, уға буйһоноп, яһаҡ түләй. Дауыт ҡайҙа ғына яу сапһа ла, Раббы уны еңеүгә ирештерә. Дауыт Һададғәзәр ярандарының алтын ҡалҡандарын Йәрүсәлимгә алып ҡайта. Һададғәзәрҙең Тивхаҫ һәм Кун тигән ҡалаларында Дауыт ҡулына бик күп баҡыр төшөрә. Аҙаҡ шул баҡырҙан Сөләймән Алла йорто өсөн диңгеҙ тип аталған ҙур баҡыр һауыт һәм бағаналар, баҡыр һауыт-һаба эшләтә. Хамаҫ батшаһы Тоғу, Дауыттың Сова батшаһы Һададғәзәр ғәскәрен тар-мар иткәнен ишеткәс, улы Һадорамды Дауыт батшаға сәләм күндерергә һәм Һададғәзәрҙе һуғышып еңгәне өсөн ҡотларға ебәрә, сөнки Һададғәзәр оҙаҡ ваҡыттан бирле Тоғуға ҡаршы һуғышҡан була. Һадорам алтын, көмөш, баҡыр әйберҙәр алып килә. Дауыт батша уларҙы бөтә ҡәүемдәр – эдом, моав, ғаммон, пелешти һәм ғәмәлектәрҙән алған алтын-көмөш менән бергә Раббыға бағышлай. Серуяһ улы Авишай Тоҙло үҙәндә эдомдарҙың ун һигеҙ меңлек ғәскәрен ҡыйрата. Шунан ул Эдомдың бөтә ерендә һаҡсы ғәскәрҙәр ҡуя, уның бөтә халҡы Дауытҡа буйһона. Дауыт ҡайҙа ғына яу сапһа ла, Раббы уны еңеү ҡаҙандыра. Дауыт бөтә Исраил өҫтөнән хакимлыҡ ҡыла, үҙ халҡына ғәҙеллек һәм дөрөҫлөк менән идара итә. Серуяһ улы Йоав – ғәскәр башлығы, Ахилуд улы Йеһошафат – йылъяҙмасы, Ахитув улы Садоҡ менән Әвйәҫәр улы Авимәләх – ҡаһиндар, Шауша – кәтип, Йеһоядағ улы Бенаяһ – керетиҙәр менән пелеҫиҙәр өҫтөнән башлыҡ, ә Дауыт улдары батшаның иң мөһим ярҙамсылары була. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Ғаммон батшаһы Нахаш мәрхүм булып, уның урынына улы тәхеткә ултыра. Дауыт: «Нахаштың миңә игелеге күп тейгәйне, мин дә улы Ханунға яҡшылыҡ эшләйем әле», – тип уйлай. Дауыт, атаһының вафаты айҡанлы ҡайғыһын уртаҡлашыр өсөн, Ханунға илселәрен ебәрә. Дауыттың хеҙмәтселәре уны йыуатыр өсөн Ғаммон еренә барғас, Ғаммон түрәләре Ханунға: – Әллә Дауыт был кешеләрен атайыңды ихтирам иткәнгә һине йыуатыу өсөн ебәргән тип уйлайһыңмы? Юҡ, Дауыт хеҙмәтселәрен илде ҡарап, барыһын да күреп, һуңынан килеп емереү өсөн ебәргән, – тиҙәр. Ханун, Дауыттың хеҙмәтселәрен тотоп алып, уларҙың һаҡалдарын ҡырып, кейемдәрен янбаштарына тиклем киҫеп, ҡайтарып ебәрә. Илселәр ҡайтырға сыҡҡас, был хәбәр Дауытҡа килеп етә. Ул илселәрен ҡаршы алырға кешеләр ебәрә, сөнки тегеләр бик ныҡ мыҫҡыл ителгән була. Батша уларға: «Һаҡалдарығыҙ үҫкәнсе, Йерихола ҡалып тороғоҙ, шунан ҡайтырһығыҙ», – тигән бойороғон еткерергә ҡуша. Ханун менән ғаммондар, Дауыттың асыуына дусар булғандарын аңлағас, Арам-Наһараимға, Арам-Мағахаға һәм Соваға, яу арбалары һәм һыбайлылар яллау ниәтенән, мең талант көмөш ебәрә. Улар утыҙ ике мең яу арбаһы һәм тотош ғәскәре менән Мағаха батшаһын яллай. Мағаха батшаһы, Медева алдына килеп, туплам ҡора. Ғаммондар ҙа, ҡалаларынан йыйылып сығып, һуғышҡа әҙерләнә. Был хаҡта ишеткәс, Дауыт иң ҡаһарман ғәскәре менән Йоавты уларға ҡаршы ебәрә. Ғаммондар ҡала ҡапҡаһынан сығалар ҙа алышҡа әҙерләнеп сафҡа теҙеләләр. Килгән батшалар яланда айырым тора. Йоав, дошман ғәскәрҙәренең алдан да, арттан да торғанын күреп, исраилдарҙың иң яҡшы яугирҙәрен һайлап ала ла уларҙы арамиҙарға ҡаршы ҡуя. Ғәскәрҙең ҡалғанын ҡустыһы Авишайға тапшыра һәм улар ғаммондарға ҡаршы баҫа. – Әгәр арамиҙар мине еңә башлаһа, һин миңә ярҙамға килерһең, ә ғаммондар һине ҡыҫырыҡлай башлаһа, мин ярҙамға килермен, – ти Йоав. – Батыр бул, халҡыбыҙ өсөн, Аллабыҙҙың ҡалалары өсөн ныҡ торайыҡ, ә Раббы Үҙе нисек хуш күрә, шулай эшләр. Бына Йоав ғәскәре менән арамиҙарға һөжүм итә һәм тегеләр унан ҡаса башлай. Арамиҙарҙың ҡасҡанын күргән ғаммондар ҙа, Йоавтың туғаны Авишайҙан ҡасып, ҡала эсенә сигенәләр. Бынан һуң Йоав Йәрүсәлимгә әйләнеп ҡайта. Үҙҙәренең исраилдарҙан еңелгәнен аңлағас, арамиҙар, сапҡындар ебәреп, Евфрат йылғаһы аръяғында йәшәгән арамиҙарҙы саҡыртып ала. Уларға Һададғәзәрҙең ғәскәр башлығы Шофах етәкселек итә. Был турала Дауытҡа хәбәр еткәс, ул барлыҡ исраилдарҙы йыя ла, Иорданды аша сығып, арамиҙар янына килә. Ул ғәскәрен дошман ҡаршыһына сафҡа теҙә һәм ике арала алыш башлана. Арамиҙар Исраил ғәскәренән ҡаса башлай. Дауыт арамиҙарҙың ете мең яу арбаһын һәм ҡырҡ мең йәйәүле һуғышсыһын юҡ итә, уларҙың ғәскәр башлығы Шофахты ла үлтерә. Һададғәзәр яҡлылар, үҙҙәренең исраилдарҙан еңелгәнен күргәс, Дауыт менән тыныслыҡ тураһында килешеү төҙөй һәм уға буйһона. Ә арамиҙар артабан ғаммондарға ярҙам ҡулы һуҙмаҫ була. Киләһе йылдың яҙында, батшалар яуға сыға торған ваҡытта, Йоав үҙенең ғәскәре менән килеп, ғаммондарҙың ерен таларға тотона һәм Рабба ҡалаһын ҡамап ала. Дауыт был саҡта Йәрүсәлимдә ҡала. Йоав Раббаға һөжүм итә һәм уны емертә. Дауыт Ғаммон батшаһының башындағы тажын ала. Аҫыл таштар менән биҙәлгән был тажда бер талант алтын булып сыға. Тажды Дауыттың башына кейҙерәләр. Ул ҡалала бик күп яумал ҡулға төшөрә. Унда йәшәгән халыҡты, ҡыуып алып китеп, бысҡы, тимер кәйлә һәм балта менән эшләргә мәжбүр итә. Ғаммондарҙың барлыҡ ҡалаларында ла ул шулай эшләй. Шунан Дауыт үҙенең бөтә ғәскәре менән Йәрүсәлимгә әйләнеп ҡайта. Бынан һуң Гәзәрҙә пелештиҙәр менән һуғыш була. Хушанан Сиббехай рефалар тоҡомонан булған Сиппайҙы үлтерә һәм пелештиҙәр буйһонорға мәжбүр була. Шунан һуң пелештиҙәр менән тағы бер алыш була. Шунда Яғыр улы Әлханан Ғаҫ кешеһе Голиаҫтың туғаны Лахмиҙы еңә. Лахмиҙың һөңгө һабы туҡыу ыҫтаны таяғы оҙонлоҡ була. Һуңғараҡ йәнә бер һуғыш Ғаҫта була. Унда бер һонтор кәүҙәле кешенең ике ҡулы ла, аяҡтары ла алтышар бармаҡлы булып, бармаҡтары йәмғеһе егерме дүрт була. Ул да рефалар тоҡомонан. Шул әҙәм исраилдарҙы хурларға тотонғас, уны Йонаҫан үлтерә. Йонаҫан Дауыттың ағаһы Шимғаның улы була. Был һуғышсылар Ғаҫта йәшәгән рефалар тоҡомонан була, улар Дауыт менән уның кешеләре тарафынан үлтерелә. Исраилдарға ҡарата яман уй ҡороп, шайтан Дауытты Исраил халҡының иҫәбен алырға ҡоторта. Дауыт Йоавҡа һәм халыҡтың түрәләренә: – Барығыҙ, Беер-Шәвәғтән алып Данға тиклем йөрөп, халыҡтың иҫәбен алығыҙ, мин ҡайҙа күпме кеше барлығын беләйем, – тип бойора. Әммә Йоав батшаға: – Раббы Үҙенең халҡын әлегенән йөҙ тапҡырға арттырһын! Эй хакимым батшам, улар бөтәһе лә хакимымдың ҡолдары түгелме ни? Ниңә кәрәк был минең хакимыма? Исраилды ниңә ғәйепле итергә? – тип яуаплай. Ләкин батша һүҙе Йоавтың һүҙенән өҫтөн булып ҡала. Йоав бөтә Исраилды йөрөп сыға, шунан Йәрүсәлимгә ҡайта. Ул Дауытҡа халыҡтың иҫәбен еткерә: Исраилда ҡулына ҡылыс тоторлоҡ бер миллион йөҙ мең ир-егет, Йәһүҙәлә дүрт йөҙ етмеш мең ир-егет булғаны асыҡлана. Йоав левиҙәр менән бинйәминдәрҙе иҫәпкә алмай, сөнки батшаның был бойороғо уның күңеленә ятмаған була. Алла ла был эште хуш күрмәй, шунлыҡтан Ул исраилдарға ҡаза ебәрә. Дауыт Аллаға былай ти: – Мин былай эшләп, ауыр гонаһ ҡылдым, – тине. – Хәҙер Һиңә ялбарып, шуны һорайым: ҡолоңдоң гонаһын ярлыҡа, аҡылһыҙҙарса эш иткәнмен. Дауыттың әүлиәһе Ғадҡа Раббы һүҙе була: – Бар ҙа Дауытҡа еткер: «Раббы былай тип әйтә: „Мин һиңә өс төрлө яза тәҡдим итәм. Шуларҙың береһен һайлап ал да, Мин һиңә шуны ебәрермен“». Ғад Дауытҡа килеп: – Раббы былай ти: «Һайла – бөтөн Исраил ерендә өс йыл аслыҡ булһынмы, йә өс ай һине туҡтауһыҙ дошмандарың эҙәрлекләп, уларҙың ҡылысы һиңә килеп етһенме, йә өс көнгә Раббы ҡылысы ябырылып, илдә үләт таралһын һәм Раббы фәрештәһе халҡыңды ҡырһынмы?» Хәҙер уйла ла әйт: Раббыға мин ниндәй яуап бирергә тейешмен? – тип белдерә. Дауыт Ғадҡа былай тип яуап ҡайтара: – Бик ауыр миңә, әммә әҙәм ҡулына ҡалғансы, язаны Раббынан алыу яҡшыраҡ булыр, сөнки Уның рәхимлеге сикһеҙ. Шунан Раббы исраилдарға үләт ебәрә һәм етмеш мең кеше ҡырыла. Алла, Йәрүсәлимде юҡ итер өсөн, Үҙенең фәрештәһен ебәрә. Әммә фәрештә ҡаланы ҡыра башлағас, Раббы кире уйлай, яза бирмәҫкә була. Халыҡты ҡырған фәрештәгә: – Етер, ҡулыңды төшөр! – ти. Был ваҡытта Раббы фәрештәһе йевуси халҡынан булған Орнан тигән кешенең ырҙыны янында торған була. Дауыт, башын күтәреп ҡараһа, ер менән күк араһында Йәрүсәлим өҫтөнә ҡылысын һуҙған Раббы фәрештәһен күреп ҡала. Ҡыл кейемгә кейенгән Дауыт һәм аҡһаҡалдар йөҙҙәре менән ергә ҡаплана. Ә Дауыт Аллаға былай ти: – Халыҡты һанарға ҡушҡан мин түгелме ни? Мин гонаһ ҡылдым, мин енәйәт эшләнем. Ә был кешеләрҙең, Һинең һарыҡтарыңдың, ниндәй ғәйебе бар һуң? Раббым, Аллам минең, ҡулыңды миңә һәм атайым йортона төшөрһәнә. Үҙ халҡыңды һәләк итмәһәңсе. Шунан Раббы фәрештәһе Ғад аша Дауытҡа йевуси Орнандың ырҙынына барып, Раббыға ҡорбан усағы эшләргә бойора. Дауыт Ғадтың Раббы исеменән әйткән һүҙен үтәргә китә. Орнан был ваҡытта бойҙай һуғып йөрөгән була. Боролоп ҡараһа, фәрештәне күреп ҡала. Эргәһендәге дүрт улы кереп йәшенә һала. Дауыт Орнан янына килә. Дауыт килгәнен күргән Орнан ырҙындан сыға ла ергә тиклем бөгөлөп баш эйә. Дауыт Орнанға: – Миңә ырҙыныңды тулы хаҡына һат. Халыҡтың үләттән ҡырылыуы туҡталһын өсөн, мин унда Раббыға ҡорбан усағы эшләйем, – ти. – Ал, хакимым батша нимә теләй, шуны эшләһен. Бына тотош яндырыу ҡорбаны өсөн үгеҙҙәремде, утынға – ашлыҡ һуҡҡысты, икмәк саҙаҡаһына – бойҙайҙы, барыһын да бушлай бирәм, – ти Орнан батшаға. Әммә Дауыт батша уға: – Юҡ, мин һиңә тулы хаҡын көмөш менән түләйем, һинеке булғанды мин Раббыға ҡорбан итә лә, бушҡа алғанды тотош яндырыу ҡорбаны итә лә алмайым, – тип яуап ҡайтара. Дауыт Орнанға урын өсөн алты йөҙ шекел алтын бирә. Шул урында Дауыт Раббыға бағышлап ҡорбан усағы эшләй һәм тотош яндырыу, татыулыҡ ҡорбандары килтерә. Шунан Раббыға ялбара һәм Раббы, уны ишетеп, күктән тотош яндырыу усағына ут төшөрә. Шунан Раббы Үҙенең фәрештәһенә бойора һәм тегеһе ҡылысын кире ҡынына тыға. Шул саҡ Дауыт, йевуси Орнандың ырҙын табағында Раббының яуап биргәнен күреп, шунда ҡорбан килтерә. Муса сүлдә саҡта яһаған Раббы сатыры менән тотош яндырыу ҡорбаны усағы был ваҡытта Ғивғон эргәһендәге табыныу ҡалҡыулығында була. Аллаға мөрәжәғәт итер өсөн Дауыт ул ергә бара алмай, сөнки Раббы фәрештәһенең ҡылысынан ҡурҡа. – Бында Раббы Алланың йорто менән Исраилдың тотош яндырыу усағы булыр, – ти Дауыт. Дауыт Исраил еренә килеп төпләнгән сит ҡәүем кешеләрен йыйырға бойора һәм улар араһынан таш ҡырҡыусыларҙы Алла йортон төҙөр өсөн юнылған таш әҙерләргә ҡуя. Дауыт ишек-ҡапҡаларға, элгес-күгәндәргә ҡаҙау ҡойор өсөн бик күп тимер, үлсәп бөткөһөҙ күләмдә баҡыр әҙерләй. Кедр ағасы бихисап була, сөнки сидондар менән тирҙар Дауытҡа бик күп кедр ағасы ташый. – Улым Сөләймән әлегә йәш һәм тәжрибәһеҙ, ә Раббыға төҙөләһе йорт бик мөһабәт, даны бөтә донъяға таралырлыҡ затлы-зиннәтле булырға тейеш, шуға күрә мин уға бөтә кәрәк-яраҡты әҙерләйем, – ти Дауыт. Шулай итеп, Дауыт вафатына тиклем бик күп нәмә хәстәрләй. Дауыт улы Сөләймәнде эргәһенә саҡырып ала ла уға Исраил Аллаһы Раббыға йорт төҙөргә васыят әйтә. – Улым! – ти Дауыт Сөләймәнгә. – Мин Раббы Аллам хөрмәтенә йорт һалырға ниәтләгәйнем. Әммә миңә Раббы һүҙе булды: «Һин бик күп ҡан ҡойҙоң, ҙур һуғыштар алып барҙың. Ер йөҙөндә Минең алдымда бик күп ҡан ҡойғанға күрә, һин Минең исемем өсөн йортто төҙөргә тейеш түгелһең. Бына һинең улың тыуыр: ул тыныслыҡ кешеһе булыр. Мин уны уратып алған бөтә дошмандарынан тыныслыҡ бирермен, шуға күрә уның исеме Сөләймән булыр. Уның осоронда Исраилға тыныслыҡ һәм именлек бирермен. Минең исемемә бағышланған йортто ул төҙөр. Ул Миңә – улым, ә Мин уға Атай булырмын, Исраил өҫтөндә уның батшалыҡ тәхетен мәңгелеккә нығытырмын», – тине. Бына хәҙер, улым, Раббы һинең менән булһын! Эштәрең уңыш ҡаҙанһын, Ул әйткәнсә, һиңә Раббың Аллаға йорт төҙөргә насип итһен. Һине Исраил өҫтөнән ҡуйғас, Аллаң Раббының ҡанунын үтәр өсөн һиңә зиһен һәм аҡыл бирә күрһен. Раббының Муса аша Исраилға биргән ҡағиҙә һәм ҡарар-ҡанундарын еренә еткереп үтәһәң, бар эшең уң булыр. Ныҡ бул, ҡыйыу бул, ҡурҡма, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмә! Бына мин, ҙур тырышлыҡ һалып, Раббы йорто өсөн йөҙ мең талант алтын һәм миллион талант көмөш, иҫәпһеҙ-хисапһыҙ күләмдә баҡыр менән тимер әҙерләнем. Ағас-таш та әҙерләнем. Ә һин быларға тағы ла өҫтә. Һинең эшселәрең бик күп, таш ҡырҡыусылар ҙа, ташсылар ҙа, балта оҫталары ла, башҡа оҫталар ҙа етерлек. Алтын, көмөш, баҡыр, тимерҙең иҫәбе-һаны юҡ, башла, эшлә. Раббы һинең менән булһын. Дауыт барлыҡ Исраил башлыҡтарына улы Сөләймәнгә ярҙамлашырға бойора: – Һеҙгә һәр яҡлап именлек биргән Аллабыҙ Раббы һеҙҙең менән түгелме ни? Ул был ерҙә йәшәгән бар халыҡты минең ҡулыма тапшырҙы, был ер Раббы менән Уның халҡына буйһондо. Шуға күрә бөтөн йөрәгегеҙ һәм бар булмышығыҙ менән Аллағыҙ Раббыға ынтылығыҙ. Раббыбыҙ Аллаға Изге торлаҡ төҙөгөҙ, унан һуң Раббы исеменә бағышланған был йортҡа Раббының Килешеү һандығы менән Алланың изге һауыттарын күсерерһегеҙ. Йәшәрен йәшәп, олоғайып киткән Дауыт Исраил батшаһы итеп улы Сөләймәнде ҡуя. Шунан Исраилдың бар башлыҡтарын, ҡаһиндарын, левиҙәрҙе йыя. Утыҙ йәше тулып уҙған барлыҡ левиҙәрҙең иҫәбен алалар. Улар йәмғеһе утыҙ һигеҙ мең кеше булып сыға. Шуларҙың егерме дүрт меңе – Раббы йортонда хеҙмәттә, алты меңе – идара итергә һәм хөкөм сығарырға, дүрт меңе – ҡапҡа һаҡларға һәм тағы дүрт меңе, Дауыт эшләп биргән уйын ҡоралдарында уйнап, Раббыға дан йырларға тейеш. Дауыт уларҙы Леви улдарынан Гершон, Ҡыһаҫ һәм Мерари нәҫелдәре буйынса төркөмдәргә бүлә. Гершондың ике улы – Лағдан менән Шимғи. Лағдандың өс улы: беренсеһе Йехиил, йәнә Зеҫам менән Йоил. Шимғиҙең өс улы: Шеломиҫ, Хазиел һәм Һаран. Улар – Лағдан тоҡомоноң нәҫел башлыҡтары. Шимғиҙең Яхаҫ, Зиза, Йеғуш һәм Бериға тигән тағы дүрт улы була. Яхаҫ – баш балаһы, Зиза – икенсеһе. Йеғуш менән Бериғаның балалары аҙ булғанлыҡтан, улар бер ғаилә булып һанала. Ҡыһаҫтың дүрт улы: Ғамрам, Исһар, Хеврон, Ғуззиил. Ғамрам улдары: Һарун менән Муса. Һарун һәм уның тоҡомо, иң изге әйберҙәрҙе изгеләндереү өсөн, мәңгелеккә айырып алына. Уға һәм уның улдарына Раббы алдында төтәтеү башҡарыу, ғүмер буйы Раббыға хеҙмәт итеү һәм Уның исеменән фатиха биреү бурысы һалына. Алла бәндәһе Мусаға килгәндә, уның улдары Леви ырыуының бер өлөшө булып һанала. Мусаның улдары: Гершом һәм Әлиғәзәр. Гершомдың баш балаһы Шевуил исемле була. Әлиғәзәрҙең берҙән-бер улы – Рехавъяһ. Әлиғәзәрҙең башҡа улдары булмай, Рехавъяһтың иһә улдары бик күп була. Исһарҙың улдары: баш балаһы – Шеломиҫ. Хеврондың улдары: беренсеһе – Йерияһ, икенсеһе – Амаръяһ, өсөнсөһө – Яхазиил, дүртенсе – Йеҡамғам. Ғуззиилдың улдары: беренсеһе – Миха һәм икенсеһе – Йишшияһ. Мерари улдары: Махли менән Муши. Махлиҙың улдары: Әлғазар һәм Ҡиш. Әлғазар вафат була, уның улдары булмай, тик ҡыҙҙар ғына тыуа. Уның ҡыҙҙарын ике туған ағай-энеләре – Ҡиш улдары ала. Мушиҙың өс улы: Махли, Ғедәр һәм Йәремоҫ. Исемдәре ғаиләләре буйынса нәҫел яҙмаларына теркәлеп, йәше егерменән уҙған һәм Раббы йортонда хеҙмәт иткән Леви ырыуының нәҫел башлыҡтары бына ошолар. Дауыт былай тип әйткән була: «Исраил Аллаһы Раббы, Үҙенең халҡына именлек биреп, мәңгегә Йәрүсәлимдә төйәкләнде. Шул сәбәптән левиҙәргә изге сатырҙы һәм ундағы хеҙмәт өсөн кәрәк булған әйберҙәрҙе күтәреп йөрөүҙең кәрәге юҡ». Дауыттың һуңғы бойороғо буйынса, егерме йәше тулып уҙған левиҙәр иҫәпкә алына. Уларҙың вазифаһы Раббы йортондағы хеҙмәттә Һарун нәҫеленә ярҙам итеү була: ихаталарҙы һәм бүлмәләрҙе тәртиптә тотоу, изге әйберҙәрҙең таҙалығын хәстәрләү һәм Алла йортондағы башҡа эштәрҙе башҡарыу, изге икмәктәр һәм икмәк саҙаҡаһы өсөн килтерелгән бойҙай оно, сөсө икмәктәр, бешерелгән һәм майға буталған ризыҡтар өсөн яуаплы булып, уларҙың бөтәһенең күләме һәм ауырлығын күҙәтеү. Һәр көн иртән һәм кис улар Раббыға шөкөр ҡылырға һәм Уға дан йырларға тейеш була. Шәмбеләрҙә, Яңы ай байрамдарында һәм Раббы тәғәйенләгән башҡа байрамдарҙа Раббыға тотош яндырыу ҡорбандары килтергәндә, шулай уҡ һәр иртә һәм кис Раббыға рәхмәттәр уҡырға, дан йырларға, Раббы хозурында һәр саҡ ҡағиҙәгә ярашлы билдәле бер һанда хеҙмәт итергә тейеш була. Шулай итеп, улар Осрашыу сатыры һәм изге урын өсөн яуаплы була, шулай уҡ ҡәрҙәштәре – Һарун нәҫелдәренә Раббы йортонда хеҙмәт иткәндә ярҙамлаша. Һарун нәҫеле түбәндәгесә бүленә. Һарун улдары: Надав, Авиһу, Әлғазар, Иҫамар. Надав менән Авиһу аталарынан алда донъя ҡуя, улдары булмай, шунлыҡтан ҡаһинлыҡты Әлғазар менән Иҫамар алып бара. Дауыт Әлғазар нәҫеленән Садоҡ һәм Иҫамар нәҫеленән Ахимәләх ярҙамында Һарун нәҫелен вазифаларына күрә төркөмдәргә бүлә. Әммә, Әлғазар улдары араһында нәҫел башлыҡтары Иҫамар улдары араһындағыға ҡарағанда күберәк булған өсөн, Әлғазар нәҫеле – ун алты, ә Иҫамар улдары – һигеҙ төркөмгә бүленә. Улар бөтәһе лә бер төрлө, йәрәбә буйынса бүленә, сөнки Әлғазар нәҫелендә лә, Иҫамар нәҫелендә лә Изге торлаҡтағы башлыҡтар һәм Алла тәғәйенләгән башлыҡтар була. Уларҙы батшаның, түрәләрҙең һәм ҡаһин Садоҡ менән Әвйәҫәр улы Ахимәләхтең, ҡаһин һәм Леви ырыуы башлыҡтарының күҙе алдында левиҙәрҙән булған кәтип Неҫанил улы Шемағъяһ теркәй бара: бер ғаиләне – Әлғазар нәҫеленән, икенсеһен Иҫамар нәҫеленән алалар. Беренсе йәрәбә – Йеһояривҡа, икенсеһе – Йедағъяһҡа, өсөнсөһө – Харимға, дүртенсеһе – Сеғоримға, бишенсеһе – Малкияһҡа, алтынсыһы – Миямингә, етенсеһе – Һаҡҡосҡа, һигеҙенсеһе – Авияһҡа, туғыҙынсыһы – Йешуағҡа, унынсыһы – Шеханъяһҡа, ун беренсеһе – Әлйәшивкә, ун икенсеһе – Яҡимға, ун өсөнсөһө – Хуппаға, ун дүртенсеһе – Йәшәвавҡа, ун бишенсеһе – Билгаға, ун алтынсыһы – Иммергә, ун етенсеһе – Хезиргә, ун һигеҙенсеһе – Һапписсесҡа, ун туғыҙынсыһы – Пеҫахъяһҡа, егерменсеһе – Йехезҡилға, егерме беренсеһе – Яхинға, егерме икенсеһе – Гамулға, егерме өсөнсөһө – Делаяһҡа, егерме дүртенсе Мағазъяһҡа төшә. Исраил Аллаһы Раббы бойорғанса, бабалары Һарун биргән күрһәтмәләргә ярашлы, Раббы йортона хеҙмәткә килеү тәртибе ошолай була. Левиҙең ҡалған вариҫтары түбәндәгеләр. Ғамрам улдарынан: Шуваил; Шуваил улдарынан: Йәхдейәһ. Рехавъяһтан: Рехавъяһ улдарынан Йишшияһ беренсе була. Исһарҙан: Шеломоҫ; Шеломоҫ улдарынан: Яхаҫ. Хеврон улдары: беренсе – Йерияһ, икенсе – Амаръяһ, өсөнсө – Яхазиил, дүртенсе – Йеҡамғам. Ғуззиил улы: Миха; Миха улдарынан: Шамир. Миханың туғаны Йишшияһ; Йишшияһ улдарынан: Зәкәрьяһ. Мерари улдары: Махли менән Муши – улар Мерари улы Яғазияһтың улдары. Мерари тоҡомонан Яғазияһтың башҡа улдары: Шоһам, Заккур һәм Ғиври. Махлиҙыҡы – Әлғазар; уның улдары булмай. Ҡиштан: Ҡиш улы – Йерахмеил. Муши тоҡомо – Махли, Ғедәр, Йеримоҫ. Былар – ғаиләләре буйынса һаналған левиҙәр. Һарун нәҫеленән булған ағай-энеләре кеүек Дауыт батша, Садоҡ, Ахимәләх, ҡаһин һәм Леви нәҫелдәре башлыҡтары алдында эре нәҫелдәр менән вағыраҡ нәҫелдәр типә-тиң тороп йәрәбә һалыша. Дауыт ғәскәр башлыҡтары менән бергә Асаф, Һеман һәм Йедуҫун улдарын махсус хеҙмәткә айырып ала: улар, арфала һәм лирала уйнап һәм тәрилкә һуғып, пәйғәмбәрлек итергә тейеш була. Был хеҙмәткә түбәндәгеләр тәғәйенләнә. Асаф улдарынан: Заккур, Йософ, Нетанъяһ һәм Асарела. Улар аталарының етәкселеге аҫтында була. Асаф батша бойороғо буйынса пәйғәмбәрлек итергә тейеш була. Йедуҫундан: Йедуҫундың алты улы – Гедалъяһ, Сери, Йешағъяһ, Шимғи, Хашавъяһ, Маттиҫъяһ. Аталары Йедуҫун уларҙың етәксеһе була, арфала уйнап пәйғәмбәрлек итә һәм Раббыға шөкөрана ҡылып маҡтау яуҙыра. Һемандан: Һемандың улдары Буккияһ, Маттанъяһ, Ғуззиил, Шевуил, Йеримоҫ, Хананъяһ, Ханани, Әлиаҫа, Гиддалти, Ромамти-Әзәр, Йошбеҡаша, Маллоҫи, Һоҫир һәм Махазиоҫ. Был балалар барыһы ла Алланың батша әүлиәһе Һеманға, данлы итермен, тигән вәғәҙәһе буйынса бирелгән була. Алла Һеманға ун дүрт ул һәм өс ҡыҙ насип итә. Улар барыһы ла аталарының етәкселеге аҫтында тәрилкә һуғып, лира һәм арфаларҙа уйнап, йырлап, Раббы йортонда хеҙмәт итә. Асаф, Йедуҫун, Һеман батшаға буйһона. Раббы алдында йырларға өйрәтелеп, был һөнәрҙең оҫталары булғандар ағай-энеләре менән бергә һәммәһе ике йөҙ һикһән һигеҙ кеше була. Улар, йәрәбә һалып, хеҙмәт итеү сиратын билдәләй. Йәрәбә һалғанда олоһо-кесеһе, остаздары һәм өйрәнсектәре тиң була. Беренсе йәрәбә – Асаф нәҫеленән Йософҡа, икенсеһе ағай-энеһе һәм улдары менән Гедалъяһҡа сыға. Улар ун ике кеше була. Өсөнсөһө улдары һәм ағай-энеһе менән Заккурға төшә, улар – ун ике. Дүртенсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Исригә – улар ун ике. Бишенсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Нетанъяһҡа – улар ун ике. Алтынсыһы улдары һәм ағай-энеһе менән Буккияһҡа – улар ун ике. Етенсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Йесарела – улар ун ике. Һигеҙенсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Йешағъяһҡа – улар ун ике. Туғыҙынсыһы улдары һәм ағай-энеһе менән Маттанъяһҡа – улар ун ике. Унынсыһы улдары һәм ағай-энеһе менән Шимғигә – улар ун ике. Ун беренсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Ғазарилға – улар ун ике. Ун икенсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Хашавъяһҡа – улар ун ике. Ун өсөнсөһө улдары һәм ағай-энеһе менән Шуваилға – улар ун ике. Ун дүртенсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Маттиҫъяһҡа – улар ун ике. Ун бишенсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Йәремоҫҡа – улар ун ике. Ун алтынсыһы улдары һәм ағай-энеһе менән Хананъяһҡа – улар ун ике. Ун етенсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Йошбеҡашаға – улар ун ике. Ун һигеҙенсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Хананиға – улар ун ике. Ун туғыҙынсыһы улдары һәм ағай-энеһе менән Маллоҫиға – улар ун ике. Егерменсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Әлиаҫаға – улар ун ике. Егерме беренсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Һоҫирға – улар ун ике. Егерме икенсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Гиддалтиға – улар ун ике. Егерме өсөнсөһө улдары һәм ағай-энеһе менән Махазиоҫҡа – улар ун ике. Егерме дүртенсеһе улдары һәм ағай-энеһе менән Ромамти-Әзәргә – улар ун ике. Ҡапҡа һаҡсылары түбәндәгесә бүленә. Ҡорахтарҙан – Асаф улы Ҡоренан тыуған Мешәләмъяһ. Мешәләмъяһ улдары: баш балаһы – Зәкәрьяһ, икенсеһе – Йедиғаил, өсөнсөһө – Зевадъяһ, дүртенсеһе – Яҫниил, бишенсеһе – Ғелам, алтынсыһы – Йеһоханан, етенсеһе – Әлйеһоғынай. Ғовед-Эдомдың улдары: баш балаһы – Шемағъяһ, икенсеһе – Йеһозавад, өсөнсөһө – Йоах, дүртенсеһе – Сахар, бишенсеһе – Неҫанил, алтынсыһы – Ғаммиил, етенсеһе – Исасхар, һигеҙенсеһе – Пеғуллеҫай. Раббы уға шулай итеп фатихаһын бирә. Уның улы Шемағъяһтан да үҙ нәҫелендә башлыҡ булған улдар тыуа, сөнки улар ҡаһарман яугирҙәр була. Шемағъяһтың улдары: Ғоҫни, Рефаил, Ғовед, Әлзавад, ағай-энеләре Әлиһу менән Семахъяһ та булдыҡлы кешеләр була. Улар бөтәһе лә – Ғовед-Эдом нәҫеленән. Улдары, ағай-энеләре менән бергә хеҙмәттә тырыш һәм булдыҡлы кешеләр һаны Ғовед-Эдом нәҫелендә алтмыш ике була. Мешәләмъяһтың улдары һәм ағай-энеһенән булдыҡлы кешеләр ун һигеҙ була. Мерари нәҫеленән Хосаның улдары: иң өлкәне Шимри, ул баш бала булмаһа ла, атаһы уны баш итеп ҡуя; икенсеһе – Хилҡияһ, өсөнсөһө – Тевалъяһ, дүртенсеһе – Зәкәрьяһ; Хосаның барлығы ун өс улы һәм ағай-энеһе була. Был ҡапҡа һаҡсылары төркөмдәренең – башлыҡтары кем булыуына ҡарап – ағай-энеләре кеүек үк Раббы ҡорамындағы хеҙмәттәрендә үҙҙәренең вазифалары була. Хеҙмәт башҡарыу өсөн олоһо-кесеһе тиң булып, һәр ҡапҡаны йәрәбә һалып бүлешәләр. Көнсығыш ҡапҡаға йәрәбә Шәләмъяһҡа сыға. Уның улы, аҡыллы кәңәштәре менән билдәле Зәкәрьяһ, йәрәбәгә Төньяҡ ҡапҡаны ҡабул итә. Ғовед-Эдомға – Көньяҡ ҡапҡа, ә уның улдарына келәттәрҙе һаҡлау эләгә. Шуппим менән Хосаға Көнбайыш ҡапҡаһы һәм Шаллехеҫ ҡапҡаһы төшә, унда юл үрләп китә. Ҡарауыл төркөмдәре бер-береһенең ҡаршыһында була: көнсығыштан – алтышар леви, төньяҡтан – дүртәр, көньяҡтан – дүртәр, ә келәттәр эргәһенән икешәр леви көн һайын һаҡ хеҙмәтендә тора. Көнбайыш ихатала юл буйында дүртәр, ә ихатала иһә икешәр кеше һаҡта тора. Ҡорах һәм Мерари нәҫелдәренән ҡапҡа һаҡсылары бына ошолай бүленә. Уларҙың леви ҡәрҙәштәре иһә Алла йортондағы хазиналарҙы һәм изге әйберҙәр ҡаҙнаһын ҡарауыллай. Гершон нәҫеленән булған Лағдандың тоҡомонан Лағдандың ғаилә башлыҡтарының береһе Йехиили. Йехиили улдары: Зеҫам менән Йоил. Уларға Раббы йортоноң хазиналарын һаҡлау ышанып тапшырыла. Ғамрам, Исһар, Хеврон, Ғуззиил нәҫелдәре: Муса улы Гершомдың тоҡомонан Шевуил хазиналар ҡаҙнаһының баш яуаплыһы була. Уның Әлиғәзәр яғынан туғандары – Әлиғәзәрҙең улы Рехавъяһ, Рехавъяһтың – Йешағъяһ, Йешағъяһтың – Йорам, Йорамдың – Зихри, Зихриҙың Шеломиҫ тигән улы була. Ошо Шеломиҫ һәм уның ағай-энеһе Раббыға бағышланған изге әйберҙәр һаҡлағысы өсөн яуаплы була. Был һаҡлағыста Дауыт батша, ғаилә башлыҡтары, мең баштары, йөҙ баштары, ғәскәр башлыҡтары Раббыға бағышлаған бүләктәр һаҡлана. Һуғыштарҙа яулап алынған яумалдың бер өлөшөн улар Раббы йортон тотоуға бағышлап тапшырыр була. Шемуил әүлиә, Ҡиш улы Шаул, Нер улы Авнер, Серуяһ улы Йоав бағышлағандың барыһы, бағышлаған бүләктәрҙең һәммәһе Шеломиҫ менән уның туғандарының ҡулы аҫтында була. Исһар нәҫеленән Кенанъяһ һәм уның улдары Раббы йорто менән бәйләнмәгән хеҙмәткә тәғәйенләнә. Улар Исраилда мөдир һәм хөкөмдар вазифаһын башҡара. Хеврон нәҫеленән: Хашавъяһ һәм уның ағай-энеһе, бер мең ете йөҙ ғәйрәтле ир, Исраилдың Иордан йылғаһының көнбайыш яғындағы биләмәләре өҫтөнән күҙәтселек итә, Раббыға хеҙмәт күрһәтеү һәм батшаның эштәре өсөн яуаплы була. Хеврондарҙың башлығы Йерияһ була. Дауыттың батшалыҡ итеүенең ҡырҡынсы йылында хеврондарҙың нәҫел шәжәрәләре тикшерелә һәм Ғилғәд Яғзерендә уларҙың ҡаһарман яугирҙәре табыла. Йерияһтың ағай-энеһе, ике мең ете йөҙ ғәйрәтле ир, ғаилә башлыҡтары була. Уларҙы Дауыт батша Рәүвән һәм Ғад ырыуы, Менашше ырыуының яртыһы өҫтөнән Алла эштәре буйынса ла, батша эштәре буйынса ла баш итеп ҡуя. Батша хеҙмәтендә булған исраилдарҙың ғаилә башлыҡтары, мең баштары һәм йөҙ баштары, мөдирҙәр исемлеге түбәндә бирелә. Егерме дүртәр мең яугирҙән торған төркөмдәр батшаға уның бөтә эштәрендә йыл әйләнәһенә берәр ай сиратлап хеҙмәт итә. Беренсе айҙа хеҙмәт итергә тейешле тәүге төркөмгә Завдиил улы Яшовғам етәкселек итә, уның ҡул аҫтында егерме дүрт мең кеше була. Пәрәс нәҫеленән булған Яшовғам беренсе айҙа бөтә ғәскәр башлыҡтары өҫтөнән баш була. Икенсе айҙың төркөмөнә ахоахлы Додай етәкселек итә, уның ярҙамсыһы Миҡлоҫ була. Уның төркөмөндә егерме дүрт мең кеше була. Өсөнсө ай төркөмөнөң ғәскәр башлығы – Йеһоядағ ҡаһин улы Бенаяһ, уның төркөмөндә лә егерме дүрт мең кеше. Был Бенаяһ утыҙ батыр араһына инә һәм уларға етәкселек итә, ә улы Ғаммизавад төркөмгә идара итә. Дүртенсе ай төркөмөнә Йоавтың ҡәрҙәше Ғасаһил етәкселек итә. Ғасаһилдан һуң урынына улы Зевадъяһ ҡала. Был бүлектә лә егерме дүрт мең кеше була. Бишенсе ай төркөмөнөң башлығы Израхтан Шамхуҫ була. Уның бүлегендә лә егерме дүрт мең кеше хеҙмәт итә. Алтынсы ай төркөмөнөң етәксеһе итеп Теҡоғанан Ғиҡҡыш улы Ғира ҡуйыла, уның төркөмөндә лә егерме дүрт мең кеше була. Етенсе ай төркөмөнә етәксе итеп Әфраим ырыуынан Пелондан Хәләс тәғәйенләнә, уның төркөмөндә лә егерме дүрт мең кеше була. Һигеҙенсе ай төркөмө етәксеһе Зерах нәҫеленән Хушанан Сиббехай була, уның төркөмөндә лә егерме дүрт мең кеше хеҙмәт итә. Туғыҙынсы ай төркөмөнә етәксе итеп Бинйәмин ырыуынан, Ғанаҫоҫ ҡалаһынан Авиғәзәр тәғәйенләнә, уның да төркөмөндә егерме дүрт мең кеше була. Унынсы ай төркөмөнөң етәксеһе Зерах нәҫеленән Нетофа кешеһе Маһрай була, уның төркөмөнә лә егерме дүрт мең кеше хеҙмәт итә. Ун беренсе ай төркөмөнөң етәксеһе Әфраим нәҫеленән Пирғаҫон кешеһе Бенаяһ була, уның төркөмө лә егерме дүрт мең кешенән тора. Ун икенсе ай төркөмөнә Ғоҫниил нәҫеленән Нетофа кешеһе Хелдай етәкселек итә, уның төркөмөндә лә егерме дүрт мең кеше була. Исраил ырыуҙарының етәкселәре түбәндәгеләр була: Рәүвән ырыуында – Зихри улы Әлиғәзәр; Шимғон ырыуында – Мағаха улы Шефатъяһ; Леви ырыуында – Ҡемуил улы Хашавъяһ; ә Һарун нәҫелендә – Садоҡ; Йәһүҙә ырыуында – Дауыт туғандарынан Әлиһу; Исасхар ырыуында – Михаил улы Ғомри. Зевулун ырыуында – Ғовадъяһ улы Йишмағъяһ; Нафтали ырыуында – Ғазриил улы Йеримоҫ; Әфраим ырыуында – Ғазазъяһ улы Һошеяғ, Менашше ырыуының яртыһында Педаяһ улы Йоил; Ғилғәдтәге Менашше ырыуының яртыһында – Зәкәрьяһ улы Иддо; Бинйәмин ырыуында – Авнерҙың улы Яғасиил; Дан ырыуында – Йерохам улы Ғазарил. Исраил ырыуҙарының башлыҡтары бына ошолар була. Дауыт егерме йәше тулмағандарҙың иҫәбен алып тормай, сөнки Раббы исраилдарҙы күктәге йондоҙҙар кеүек ишәйтергә вәғәҙә иткән була. Серуяһ улы Йоав иҫәп ала башлай, ләкин уны тамамламай. Халыҡты һанаған өсөн исраилдарға Алланың ҡәһәре төшә, һәм был һан Дауыт батшаның йылъяҙмаларына индерелмәй. Батша хазиналары өсөн – Ғәдиил улы Ғазмауыҫ, ә баҫыуҙағы, ҡалаларҙағы, ауылдарҙағы, ҡарауыл манараларындағы һаҡлағыстар өсөн Ғуззияһ улы Йонаҫан яуаплы була. Баҫыуҙа эшләүселәргә, ер эшкәртеүселәргә Келув улы Ғәзри яуаплы була. Йөҙөм баҡсалары өсөн – Раманан Шимғи, ә йөҙөмлөктәрҙәге шарап һаҡламдары өсөн Шефамдан Завди яуап тота. Шефелалағы зәйтүн һәм ҡырағай инжир ағастары өсөн Ғәдәрҙән Бәғел-Ханан, ә һаҡлауҙа булған ағас майҙары өсөн Йоғаш яуаплы була. Шаронда көтөлгән эре мал өсөн – Шарондан Шитрай, ә үҙәндәрҙәге мал өсөн – Ғадлай улы Шафат яуаплы була. Дөйәләр өсөн – Исмәғил нәҫеленән Овил, ишәктәр өсөн – Мероноҫтан Йәхдейәһ; ваҡ мал өсөн һағри Язиз яуаплы була. Был түрәләр Дауыт батшаның хужалығындағы мөлкәткә күҙ-ҡолаҡ була. Дауыттың атаһының Йонаҫан исемле туғаны бик аҡыллы, зиһенле кеше була, кәңәшсе һәм кәтип вазифаһын башҡара. Хахмони улы Йехиил батшаның улдарын тәрбиәләй. Ахиҫофел – батшаның кәңәшсеһе, ә Аркиҙан Хушай батшаның яҡын дуҫы була. Ахиҫофелдан һуң Бенаяһ улы Йеһоядағ һәм Әвйәҫәр батша кәңәшселәре булып тора, ә Йоав батша ғәскәренең башлығы була. Дауыт Йәрүсәлимгә Исраилдың барлыҡ түрәләрен: ырыу башлыҡтарын, батша хеҙмәтендәге хәрби бүлек етәкселәрен, мең баштарын, йөҙ баштарын, батшаның һәм уның улдарының бар мөлкәте һәм мал-тыуары өсөн яуаплы кешеләрҙе, һарай әһелдәрен, батыр яугирҙәрҙе һәм барлыҡ ғәйрәтле ирҙәрҙе йыя. Дауыт, аяғүрә баҫып, былай ти: – Ағай-энем, халҡым, тыңлағыҙ мине! Аллабыҙға аяҡ баҫыр урынды – Раббының Килешеү һандығын урынлаштырыу өсөн йорт һалыу ниәтен күңелемдә күптән йөрөтә инем. Төҙөлөш өсөн кәрәк-яраҡты ла әҙерләгәйнем. Әммә Алла миңә былай тип әйтте: «Минең исемемә бағышланған йортто һин төҙөмәйәсәкһең, сөнки Һин һуғышсыһың һәм ҡан ҡойҙоң», – тине. Тик шулай ҙа, Исраил Аллаһы Раббы атайымдың нәҫеленән нәҡ мине Исраил өҫтөнән мәңгегә батша булыр өсөн һайланы. Бөтә ырыуҙар араһынан Ул Йәһүҙәне баш ырыу итте, Йәһүҙә ырыуынан минең атайымдың нәҫелен һайланы, атайымдың йортонан мине бар Исраилға батша итеп ҡуйыуҙы хуш күрҙе. Раббы миңә бик күп улдар бирҙе, бөтә улдарым араһынан Раббы батшалығы тәхетенә ултыртыр өсөн Исраилға батша итеп Сөләймәнде һайланы. Раббы былай тине: «Һинең улың Сөләймән Минең йортомдо һәм ихаталарымды төҙөр, сөнки уны Үҙемә ул итеп һайланым һәм Мин уға Атай булырмын. Әгәр ул әлеге кеүек Минең бойороҡ-ҡанундарымды еренә еткереп үтәһә, Мин уның батшалығын мәңгегә нығытырмын», – шулай тип әйтте Раббы. Ә хәҙер Раббы хозурында йыйылған барлыҡ исраилдар алдында, Аллабыҙ ҡолағына ла ишетелһен тип шуны әйтәм: был һәйбәт ерҙе биләр һәм уны үҙегеҙҙән һуң балаларығыҙға мәңгелеккә мираҫ итеп ҡалдырыр өсөн, Аллағыҙ Раббының бөтә бойороҡтарын теүәл үтәгеҙ. Һин, Сөләймән улым, атайыңдың Аллаһын бел һәм уға бөтөн йөрәгең һәм бар булмышың менән хеҙмәт ит, сөнки Раббы бөтә йөрәктәрҙе һынап ҡарай һәм уйҙарҙың һәр ынтылышын аңлай. Әгәр Уны эҙләһәң – табырһың, ә инде Уны ташлаһаң, Ул һинән бөтөнләй ваз кисер. Ҡара уны, һине Раббы Изге торлаҡты төҙөр өсөн һайлаған икән, ныҡ бул һәм эшкә тотон. Шунан Дауыт улы Сөләймәнгә ҡорамдың айуанының, биналарының, келәттәренең, өҫкө һәм эске бүлмәләрҙең, Килешеү һандығын һәм һандыҡтың гонаһтарҙан паклау ҡапҡасын ҡуяһы урындың һыҙмаларын бирә. Дауыт шулай уҡ Раббы йортоноң ихаталары һәм әйләнәләге бүлмәләр, Алла өйө хазиналары ҡаҙнаһы һәм Раббыға бағышланған әйберҙәр ҡаҙнаһы өсөн күңеленән ниәт иткән бөтә нәмәләрҙе лә әйтә. Ҡаһиндар һәм левиҙәрҙең бүленешенә, Раббы йортондағы хеҙмәткә, хеҙмәт башҡарғанда кәрәк булаһы һауыттарға бәйле күрһәтмәләр бирә. Ғибәҙәт ҡылғанда ҡулланыла торған алтын һәм көмөш әйберҙәрҙе яһау өсөн күпме алтын һәм көмөш кәрәк буласағын күрһәтеп бирә: майшәмдәр менән уларҙың алтын шәмдәлдәре өсөн, ниндәй маҡсатта ҡулланылырына ҡарап, күпме алтын һәм көмөш; изге икмәкте ҡуя торған өҫтәл өсөн күпме алтын, көмөш өҫтәлдәр өсөн күпме көмөш; саф алтындан яһалырға тейешле сәнскеләр, ҡан һирпеү өсөн сеүәтәләр, ҡомғандар, алтын табаҡтар өсөн күпме алтын, көмөш табаҡтар өсөн күпме көмөш; ҡойолған алтындан яһалырға тейешле төтәтеү ҡорбан усағы өсөн күпме алтын китергә тейешлеген әйтә, шулай уҡ Раббының Килешеү һандығы өҫтөндә уны ҡаплап тораһы алтын кирубтар ҡуйылған еңел арбаның һыҙмаһын да бирә. – Быларҙың барыһын да Раббы әйткәндәрҙән яҙып алдым. Ул мине бөтә был төҙөлөш эштәренә төшөндөрҙө, – ти Дауыт. Шунан һуң Дауыт улы Сөләймәнгә былай ти: – Ныҡ бул, ғәйрәтле бул, эшкә тотон! Ҡурҡма, баҙнатһыҙланма, сөнки Раббы Алла, минең Аллам – һинең менән, һин Раббы йорто өсөн кәрәк эштәрҙе эшләп бөткәнсе, Ул һинең менән булыр, һине яңғыҙ ҡалдырмаҫ. Раббы йортондағы һәр төрлө хеҙмәттәр ҡаһиндар һәм левиҙәргә бүлеп бирелде. Шулай уҡ һинең теләһә ниндәй эште башҡарырға әҙер торған тырыш, һәр эшкә егәрле оҫталарың бар, бөтә башлыҡтар һәм бар халыҡ һинең бойороҡтарыңды үтәргә әҙер. Шунан Дауыт батша йыйылған бар халыҡҡа былай ти: – Раббы Үҙе һайлап алған улым Сөләймән әлегә йәш, тәжрибәһеҙ, ә эшләнәһе эш иҫ киткес бөйөк, сөнки был йорт – кеше өсөн түгел, ә Алла Раббы өсөн. Мин, бар көсөмдө һалып, Алла йортона тейешле әйберҙәрҙе эшләр өсөн алтын, көмөш, баҡыр, тимер, ағас әҙерләнем. Оникс, тирәскә беркетмәле таштар, төҫлө таштар һәм һәр төрлө аҫыл таштар, бик күп мәрмәр әҙерләнем. Тағы ла Аллам йортон яратҡанға күрә, Изге йортто төҙөү өсөн әҙерләгән әйберҙәргә өҫтәп, шәхси хазинамдан да алтын менән көмөш бирәм: өс мең талант алтын – Офир алтыны, ете мең талант саф көмөш. Был алтын-көмөш йорттоң диуарҙарын эске яҡтан көпләү, шулай уҡ оҫталарға алтын һәм көмөш әйберҙәр яһау өсөн тотонолор. Һеҙҙең арала ла бөгөн Раббы өсөн иғәнә тапшырырға ниәтләүселәр булырмы? Нәҫел башлыҡтары, Исраил ырыуҙарының башлыҡтары, мең баштары, йөҙ баштары, батша хужалығында мөдирлек итеүселәр бүләктәр килтерә башлай. Алла йорто төҙөлөшөнә биш мең талант алтын һәм ун мең драхма алтын, ун мең талант көмөш, ун һигеҙ мең талант баҡыр һәм йөҙ мең талант тимер йыйыла. Кемдә ҡиммәтле таштар булһа, уларҙы Раббы йортоноң хазина ҡаҙнаһына бирәләр. Хазина өсөн Гершон нәҫеленән Йехиил яуаплы була. Башлыҡтарының ихлас йөрәктән Раббыға тип бүләктәр килтереүенә халыҡ бик шатлана, Дауыт батша ла бик ныҡ ҡыуана. Дауыт бар йыйын алдында Раббыға шөкөр итеп былай ти: – Эй Раббы, атабыҙ Исраилдың Аллаһы, мәңге мөбәрәк бул! Эй Раббыбыҙ, Бөйөклөк тә, ҡөҙрәт тә, шөһрәт тә, Еңеү ҙә, күркәмлек тә Һинеке! Күктәге лә, ерҙәге бар нәмә лә Һинеке! Батшалыҡ Һинеке, Раббы, Һин барыһынан да өҫтөн Хаким! Байлыҡ та, дан да Һинән килә, Һин бар нәмә өҫтөнән хакимлыҡ итәһең, Һинең ҡулыңда – ҡөҙрәт үә ҡеүәт, Кемде теләйһең, шуны бөйөк һәм мөһабәт итеү – Һинең ихтыярыңда. Эй Аллабыҙ беҙҙең, Беҙ Һиңә шөкөр итәбеҙ, Һинең шанлы исемеңде данлайбыҙ. Мин кем дә минең халҡым кем? Шундай бүләктәр иғәнә итергә беҙҙең үҙебеҙҙең мөмкинлегебеҙ булыр инеме? Бөтә нәмә Һинән килә, Һинең ҡулыңдан алғанды беҙ Һиңә кире килтерҙек. Беҙ Һинең алдыңда атайҙарыбыҙ кеүек ергә ваҡытлыса килгән мосафирҙар һәм килмешәктәр генә. Ерҙәге ғүмеребеҙ ҙә бер күләгә кеүек ҡыҫҡа ғына, шунан артығына өмөтөбөҙ ҙә юҡ. Эй Аллабыҙ Раббы, бөтә был муллыҡты Һиңә, Һинең изге исемеңә йорт төҙөр өсөн әҙерләнек, бының барыһы ла Һинең ҡулыңдан килгән, барыһы ла Һинеке. Беләм, Аллам, һин йөрәктәрҙе һынайһың һәм ихласлыҡты яратаһың; мин быларҙың бөтәһен дә ихлас күңелдән тапшырҙым. Бына бөгөн күрәм, бында йыйылған халҡың да Һиңә шатланып бүләктәр килтерә. Эй Раббым, аталарыбыҙ Ибраһимдың, Исхаҡтың һәм Исраилдың Аллаһы! Халҡыңдың күңелендәге был теләктәрҙе һәм фекерҙәрҙе мәңге һаҡла, уларҙың йөрәген Үҙеңә йүнәлт. Улым Сөләймәнгә Һинең бойороҡ, күрһәтмә һәм ҡағиҙәләреңде теүәл үтәрлек тоғро йөрәк бир. Уға мин әҙерләп ҡуйғандарҙан ҡорам төҙөргә насип ит. Бынан һуң Дауыт йыйылған бар халыҡҡа былай ти: – Аллабыҙ Раббыға шөкөр ҡылығыҙ. Бар йыйын аталарының Аллаһы Раббыға шөкөр итә, маҡтауҙар яуҙыра, Уға сәждә ҡыла һәм батшаға баш эйә. Иртәгәһенә халыҡ Раббыға ҡорбандар килтерә. Мең үгеҙ башмаҡ, мең һарыҡ тәкәһе, мең һарыҡ бәрәсе салып, Раббыға тотош яндырыу ҡорбандары килтерәләр. Тейешенсә түкмә ҡорбан һәм башҡа бик күп ҡорбандар килтерелә. Был көн Раббы хозурында ҙур шатлыҡ менән ашап-эсәләр. Дауыт улы Сөләймәнде тағы бер тапҡыр батша тип иғлан итәләр. Раббы алдында Сөләймән менән Садоҡтың башына зәйтүн майы һөртөп, Сөләймәнде юғары хаким итеп, ә Садоҡты ҡаһин итеп мәсехләйҙәр. Сөләймән Дауыт урынына Раббы тәхетенә ултырып, атаһы Дауыт урынына батша була. Ул ҙур уңыштарға ирешә, бар Исраил уға буйһона. Бар башлыҡтар һәм ғәйрәтле яугирҙәр, Дауыттың бөтә улдары Сөләймән батшаға баш һала. Раббы Сөләймәнде бөтөн Исраил алдында ҙурлай һәм әлегә тиклем Исраилда бер батшаға ла күрһәтелмәгән дәрәжәлә дан-шөһрәт менән бүләкләй. Ишай улы Дауыт бар Исраил өҫтөнән батшалыҡ итә. Ул ете йыл Хевронда, утыҙ өс йыл Йәрүсәлимдә идара итә һәм Исраил халҡына йәмғеһе ҡырҡ йыл батша була. Ул тормоштан, байлыҡ һәм дандан туйғансы кинәнеп йәшәй, ҡәнәғәт ҡартлыҡта мәрхүм була. Урынына улы Сөләймән тәхеткә ултыра. Дауыт батшаның барлыҡ эш-ғәмәлдәре башынан аҙағынаса Шемуил әүлиәнең һәм Наҫан пәйғәмбәрҙең, шулай уҡ Ғад әүлиәнең яҙмаларында тасуирлана: уның батшалыҡ итеүе, күрһәткән ҡаһарманлыҡтары, уға ҡағылышлы ваҡиғалар һәм Исраил менән, шулай уҡ ерҙәге бөтә батшалыҡтар менән булған хәлдәр барыһы ла һүрәтләнә. Дауыт улы Сөләймән батша булараҡ бик нығына. Раббы Аллаһы уның менән була, абруйын үҫтерә. Сөләймән бөтә исраилдарҙы – мең һәм йөҙ баштарын, хөкөмдарҙарҙы, Исраилдың бөтә түрәләрен, ғаилә башлыҡтарын саҡырта. Шунан бөтә йыйынды эйәртеп Сөләймән Ғивғондағы табыныу ҡалҡыулығына йүнәлә, сөнки унда Алланың әүәл Раббы ҡоло Муса сүлдә яһатҡан Осрашыу сатыры була. Ә Ҡыръяҫ-Еғаримдан Дауыт килтерткән Алла һандығы ул Йәрүсәлимдә ҡорҙортҡан сатырҙа торған була. Ғивғондағы Раббы сатыры алдында Хурҙың ейәне, Уриҙың улы Бесалил эшләгән баҡыр ҡорбан усағы була. Сөләймән йыйын менән бергәләп шуның алдында Раббыға сәждә ҡылып мөрәжәғәт итә. Ошонда, Раббы ҡаршыһында, Осрашыу сатыры алдындағы баҡыр ҡорбан усағында, Сөләймән мең дана тотош яндырыу ҡорбаны килтерә. Ул төндө Алла, Сөләймәнгә күренеп: – Минән теләгәнеңде һора, – ти. Сөләймән Аллаға: – Һин атайым Дауытҡа бөйөк һәм тоғро мөхәббәтеңде күрһәттең, уның артынса мине батша иттең. Атайым Дауытҡа биргән вәғәҙәң артабан да үтәлә күрһен, Раббым Аллам. Һин мине ерҙәге туҙан һымаҡ күп һанлы халыҡ өҫтөнән батша итеп ҡуйҙың. Хәҙер миңә был халыҡтың эсен-тышын аңларлыҡ зиһен үә ғилем бир, юғиһә Һинең бөйөк халҡыңа идара итеү кемдең ҡулынан килһен? – ти. Алла Сөләймәнгә былай тип яуап бирә: – Йөрәк түреңдә нәҡ ошо уй ятҡанға күрә, мал-мөлкәт, дан-шөһрәт, дошмандарыңдың йәнен йә булмаһа үҙеңә оҙон ғүмер түгел, ә Мин һине батша итеп ҡуйған халҡыма идара итерлек зиһен үә ғилем һорағаның өсөн, зиһен үә ғилем бирелер һиңә. Ә мал-мөлкәтте, дан-шөһрәтте Мин һиңә былай ҙа бик мул бирермен – һиңә тиклемге батшаларҙың да, һинән һуң киләсәктәренең дә береһендә лә ул тиклем булмаған да, булмаҫ та. Ғивғондағы табыныу ҡалҡыулығынан, Осрашыу сатыры янынан, Йәрүсәлимгә ҡайтҡас, Сөләймән исраилдар өҫтөнән хакимлыҡты ғәмәлгә ашыра башлай. Сөләймән яу арбалары, һыбайлылар йыя. Уның бер мең дүрт йөҙ яу арбаһы менән ун ике мең һыбайлыһы була. Ул быларҙы яу арбалары өсөн тәғәйенләнгән ҡалаларға һәм Йәрүсәлимдә үҙе эргәһенә урынлаштыра. Сөләймән батшалыҡ иткән осорҙа Йәрүсәлимдә алтын менән көмөш ябай бер таш кеүек кенә ҡала. Кедр ағасы иһә Шефелала үҫкән ҡырағай инжир ағасы һымаҡ күп була. Аттарҙы Сөләймәнгә Мысырҙан һәм Ҡәүиҙән килтерәләр. Батша сауҙагәрҙәре уларҙы Ҡәүиҙән аҡсаға һатып ала. Һәр бер яу арбаһын Мысырҙан алты йөҙ шекел, ә атты йөҙ илле шекел көмөшкә алып ҡайталар ҙа аҡса эшләр өсөн хиттиҙәр менән арамиҙарҙың батшаларына һаталар. Сөләймән Раббыға бағышлап ҡорам һәм үҙенә батша һарайы төҙөтөргә була. Ул етмеш мең йөк ташыусы менән тауҙарҙа таш ҡырҡыр өсөн һикһән мең эшсе тәғәйенләп, улар өҫтөнән өс мең алты йөҙ күҙәтсене эшкә ҡуша. Шунан Сөләймән Тир батшаһы Хирамға, кеше ебәреп, былай тип әйттерә: «Минең атайым Дауыт үҙенә һарай төҙөгәндә һин уға кедр ағасы ебәрә торғайның. Бына мин, Аллам Раббы хөрмәтенә, исраилдарға мәңгелеккә бирелгән ҡағиҙә буйынса Уның алдында хуш еҫ төтәтергә, һәр саҡ изге икмәк биреп торорға, шәмбе көндәрендә, Яңы ай байрамдарында, Аллабыҙ Раббы байрамдарында иртән дә, кис тә тотош яндырыу ҡорбандары килтерергә тип, Уның исеменә бағышлап, ҡорам төҙөтөргә йыйынам. Мин төҙөйәсәк бина бөйөк, сөнки Аллабыҙ бөйөк, бөтә аллаларҙан юғарыраҡ. Күк һынлы күктең асманы ла һыйҙыра алмаған Алла өсөн кемдең йорт һалырға көсө етер икән? Уға йорт төҙөү өсөн мин шул тиклем кем? Уға арнап ҡорбан килтерер өсөн генә булмаһа инде. Һин миңә алтын, көмөш, баҡыр, тимер менән эш итеү, ҡарағусҡыл ҡыҙыл, ут-ҡыҙыл, зәңгәр ептәр, туҡымалар әҙерләү, һырлау-семәрләү оҫтаһын ебәр. Ул Йәһүҙә һәм Йәрүсәлимдә атайым Дауыт һайлаған оҫталарым менән бергә эшләр. Миңә Ливандан кедр ағасы, кипарис, артыш ағасы ебәр, мин беләм: һинең хеҙмәтселәрең Ливан ағасын бик оҫта әҙерләй. Минең хеҙмәтселәрем һинекеләр менән бергә барыр, миңә күп итеп ағас әҙерләрҙәр, сөнки мин һалаһы бина бөйөк тә, хикмәтле лә. Ағас йығыусыларыңдың ашарына егерме мең кор бойҙай, егерме мең кор арпа, егерме мең бат шарап, егерме мең бат зәйтүн майы ебәрәм». Тир батшаһы Хирам Сөләймәнгә хат менән яуап бирә: «Үҙенең халҡын яратҡанға күрә Раббы һине уның өҫтөнән батша итеп ҡуйған!» Хирам тағы былай ти: «Күк менән ерҙе яратҡан Исраил Аллаһы Раббы мөбәрәк булһын! Дауыт батшаға зиһенле һәм белекле, аҡыллы улан биргән. Бына инде ул Раббы ҡорамы менән үҙенә батша һарайы һалырға ниәт итә. Мин һиңә аҡыллы һәм белекле оҫта Хурам-Авиҙы ебәрәм. Ул Дан ырыуынан булған ҡатындың улы, ә атаһы сығышы менән Тирҙан. Хурам алтын, көмөш, баҡыр, тимер, төрлө таш һәм ағас, ҡарағусҡыл ҡыҙыл, зәңгәр һәм ут-ҡыҙыл төҫтәге йоҡа етен туҡымалар, ептәр менән эш итә белә, һырлау-семәрләүгә оҫта, үҙенә ышанып тапшырылған һәр бер эштә белекле. Ул һинең һәм хакимым Дауыттың, атайыңдың, оҫталары менән бергәләп, ҡушылғандың һәммәһен дә үтәр. Ә үҙең әйткән бойҙай менән арпаны, зәйтүн майы менән шарапты, хакимым, ҡолдарыңа ебәрт. Беҙ иһә Ливанда һиңә кәрәк тиклем ағас әҙерләп, һаллап, диңгеҙ юлы менән Яфоға ҡыуырбыҙ, һин уны артабан Йәрүсәлимгә алып ҡайтырһың». Сөләймән, ҡасандыр атаһы кеүек үк, Исраил ерендәге бөтә килмешәктәрҙе иҫәпләтә. Уларҙың һаны йөҙ ҙә илле өс мең алты йөҙ кеше булып сыға. Сөләймән быларҙың етмеш меңен йөк ташыусы, һикһән меңен тауҙарҙа таш ҡырҡыусы, өс мең алты йөҙөн халыҡты ҡарап эшләтер өсөн күҙәтеүсе итеп ҡуя. Йәрүсәлимдәге Морияһ тауы өҫтөндә – Дауытҡа Раббы күренгән ерҙә Сөләймән Раббы ҡорамын төҙөй башлай. Элек йевуси Орнандың ырҙыны урынлашҡан был урынды уға атаһы Дауыт әҙерләп ҡуйған була. Төҙөлөштө батша булып ултырғандың дүртенсе йылында, икенсе айының икеһендә башлай ул. Бына Сөләймән һалған Алла ҡорамының нигеҙ үлсәмдәре: буйы боронғо үлсәмгә күрә – алтмыш терһәк, иңе – егерме терһәк. Ҡорам залының алғы яғындағы айуандың буйы, тотош ҡорамдың иңе кеүек үк, егерме терһәк, бейеклеге – йөҙ егерме терһәк. Уны эстән саф алтын менән көпләтә. Ҙур залды, эстән кипарис ағасы менән көпләткәндән һуң, саф алтын менән ҡаплата, уға хөрмә ағасы һүрәттәре, сылбыр семәрҙәр яһата. Сөләймән залды затлы таштар менән биҙәтә. Алтындың Паруаимдан килтертелгәнен файҙалана. Ул залдың һайғауҙарын, тупһаларын, ишектәрен, диуарҙарын да алтын менән көпләтә, диуарҙарына кируб һүрәттәре ырып яһата. Иң мөҡәддәс урынды эшләтә: уның буйы, ҡорамдың иңе кеүек үк, егерме терһәк, иңе лә егерме терһәк була; уны алты йөҙ талант иң яҡшы алтын менән көпләтә. Алтын ҡаҙауҙарының ауырлығы илле шекел тарта. Өҫкө бүлмәләрҙе лә алтын менән көпләтә. Шунан ул Иң мөҡәддәс урынға ике кируб һынын яһата һәм уларҙы алтын менән көпләтә. Был кирубтарҙың ҡанаттарының ҡоласы йәмғеһе егерме терһәк тәшкил итә; улар үҙ аяҡтарында тора, йөҙҙәре менән ҡорам залына ҡарай. Сөләймән тағы ла зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йоҡа етендән пәрҙә ҡорҙорта, уға кирубтар сиктерә. Ҡорам алдына утыҙ биш терһәк бейеклектәге ике бағана ултырттырып, һәр береһенең башына биш терһәк бейеклегендәге таж ҡуйҙырта. Сылбырҙар эшләтеп, шуларҙы бағаналарҙың башына уратып һалдыра, йөҙәр дана анар яһатып, сылбырҙарҙың өҫтөнә теҙҙертә. Был бағаналарҙы Сөләймән ҡорам алдына икеһен ике яҡҡа ултырта һәм уң яҡтағыһын Яхин, һул яҡҡа ҡуйғанын Боғаз тип атай. Сөләймән баҡырҙан ҡорбан усағы эшләтә, уның буйын да, иңен дә егерме терһәк, бейеклеген ун терһәк иттерә. Сөләймән түп-түңәрәк яһалма диңгеҙ эшләтә: уның бер яғынан икенсе яғына ун терһәк тиклем булып, бейеклеге – биш терһәк һәм әйләнәһе – бау менән үлсәһәң – утыҙ терһәк була. Диңгеҙҙең аҫҡы өлөшө үгеҙ һүрәттәре менән уратып алынған була. Терһәк һайын унар итеп эшләнгән был һүрәттәр ике рәт булып, улар яһалма диңгеҙ менән тотош ҡойолған була. Был диңгеҙ ун ике үгеҙ өҫтөнә ҡуйылған була. Был үгеҙҙәрҙең өсәүһе – төньяҡҡа, өсәүһе – көнбайышҡа, өсәүһе – көньяҡҡа, өсәүһе көнсығышҡа ҡарап тора. Диңгеҙ – үгеҙҙәр өҫтөндә, ә үгеҙҙәрҙең арт һаны – эске яҡта. Баҡыр диңгеҙҙең ҡалынлығы ус аяһы киңлегендә, сеүәтәгә оҡшатып эшләнгән ситтәре иһә асылған лилиә сәскәһен хәтерләтә; был киҫмәктең һыйҙырышлығы өс мең бат була. Тағы ун киҫмәк яһап, бишеһен баҡыр диңгеҙҙең уң, бишеһен һул яғына ҡуйҙыра. Был һауыттарҙа тотош яндырыу ҡорбандарын йыуалар, диңгеҙ иһә ҡаһиндар йыуыныр өсөн тәғәйенләнгән була. Ҡағиҙәгә ярашлы, алтындан ун шәмдәл эшләтә һәм ҡорамдың эсендә: бишеһен – уң, бишеһен һул яҡҡа ултырттыра. Тағы ла ун өҫтәл яһатып, ҡорамдың эсендә: бишеһен – уң, бишеһен һул яҡҡа ҡуйҙыра, шулай уҡ ҡан һирпеү өсөн йөҙ алтын сеүәтә эшләтә. Сөләймән ҡаһиндар өсөн ихата менән ҙур эске ихата, ике ихатаға ла ишектәр яһата, ишектәрҙе баҡыр менән көпләтә. Баҡыр диңгеҙҙе ҡорамдың көньяҡ-көнсығышына ҡуйҙырта. Хурам көл көршәктәре, көрәктәр, ҡан һирпер өсөн сеүәтәләр эшләй. Шулай итеп, ул Сөләймән батшаға Алла ҡорамы өсөн кәрәк булған бөтә эштәрен тамамлай: ике бағана, уларҙың башына сеүәтә рәүешендә ике таж, таждарҙы биҙәү өсөн ике селтәр, бағаналарҙың башындағы сеүәтә һымаҡ таждарҙы уратып алған селтәрҙәрҙең икеһен дә биҙәү өсөн икешәр рәт итеп теҙелгән дүрт йөҙ анар емеше; таяуҙар һәм улар өҫтөндә киҫмәктәр; бер баҡыр диңгеҙ һәм диңгеҙ аҫтындағы ун ике үгеҙ һыны; көл көршәктәре, көрәктәр, сәнскеләр һәм башҡа кәрәк-яраҡ. Хурам-Ави Сөләймән батшаға Раббы ҡорамы өсөн яһаған был әйберҙәрҙең барыһы ла шымартылған баҡырҙан була. Батша уларҙы Иордан үҙәнендә Суккоҫ менән Середа араһындағы балсыҡ сыҡҡан ерҙә ҡойҙора. Сөләймән эшләткән был әйберҙәрҙең шул тиклем күплеге арҡаһында, уларҙы яһарға күпме баҡыр тотонолғанын билдәләү мөмкин булмай. Сөләймән Алла йорто өсөн тағы ла башҡа әйберҙәр эшләтә: алтын ҡорбан усағы һәм изге икмәктәрҙе Раббы хозурына ҡуйырға өҫтәлдәр, ҡағиҙәгә ярашлы, ҡорамдың эске бүлмәһе ҡаршыһында тоҡандырыла торған майшәмдәр менән уларҙың шәмдәлдәре лә саф алтындан; сәскәләр, майшәмдәр, ҡыҫҡыстар, филтә таҙартҡыстар, сеүәтәләр, туҫтаҡтар, хуш еҫ төтәҫләгестәр. Эске бүлмә – Иң мөҡәддәс урындың ишектәре һәм ҡорам залының ишектәре алтындан була. Раббы ҡорамындағы бөтә эштәрҙе тамамлағандан һуң, Сөләймән, атаһы Дауыт Раббыға бағышлаған бүләктәрҙе – алтын-көмөш һәм башҡа әйберҙәрҙе алып килеп, Алла ҡорамының хазина келәтенә ҡуя. Раббының Килешеү һандығын Дауыт ҡалаһынан, йәғни Сиондан, күсереү өсөн Сөләймән Исраил аҡһаҡалдарын, ырыу һәм нәҫел башлыҡтарын Йәрүсәлимгә саҡыра. Йылдың етенсе айында булған байрам ваҡытында бөтә Исраил халҡы батша янына йыйыла. Исраилдың барлыҡ аҡһаҡалдары килгәндән һуң, левиҙәр Килешеү һандығын күтәреп ала. Һандыҡты, Осрашыу сатырын, сатырҙағы бөтә изге әйберҙәрҙе – быларҙың барыһын левиҙәр һәм ҡаһиндар алып китә. Сөләймән батша менән уның янына йыйылған бөтә Исраил йәмғиәте һандыҡ алдында ваҡ һәм эре малдан бик күп ҡорбан сала. Ҡорбандарҙың иҫәбе-һанына сығырлыҡ булмай. Ҡаһиндар Раббының Килешеү һандығын тәғәйен ергә, ҡорамдағы эске бүлмәгә, Иң мөҡәддәс урынға, кирубтарҙың ҡанаттары аҫтына, килтереп урынлаштыра. Кирубтар, ҡанаттарын һандыҡ ҡуйылған урын өҫтөндә йәйеп, һандыҡты ла, уны күтәреп йөрөтә торған ҡолғаларҙы ла ҡаплап тора. Был ҡолғалар шул тиклем оҙон булып, уларҙың остары ҡорам залының эске бүлмә ҡаршыһындағы өлөшөнән күренеп тора, әммә тышҡы яҡтан күренмәй. Ҡолғалар бөгөнгәсә шунда тора. Исраил халҡын Мысырҙан алып сыҡҡан заманда, Раббы улар менән килешеү төҙөгән Хорев тауында, Муса һандыҡ эсенә ике таҡтаташ һалған була. Уларҙан башҡа һандыҡта бер нәмә лә булмай. Изге йортҡа ингәнгә тиклем ҡаһиндарҙың барыһы ла, ниндәй төркөмгә инеүҙәренә ҡарамаҫтан, үҙҙәрен паклаған була. Бына улар сыға, бөтә йырсы левиҙәр – йоҡа етендән кейенгән, ҡулдарына лира, арфа, һуҡма тәрилкәләр тотҡан Асаф, Һеман, Йедуҫун, уларҙың улдары һәм туғандары ҡорбан усағының көнсығыш яғына теҙелә. Уларҙың янында борғо ҡысҡыртыусы йөҙ егерме ҡаһин була. Борғо ҡысҡыртыусылар менән йырсылар бер тауыштан Раббыға маҡтау һәм шөкөрана йырларға тотона. Бына борғолар менән һуҡма тәрилкәләрҙең, башҡа уйын ҡоралдарының ғәйрәтле тауыштарына ҡушылып, йырсылар Раббыны маҡтай һәм данлай. «Ул игелекле, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек», – тип йырлағанда, Раббы ҡорамына балҡып торған болот тула. Болот арҡаһында ҡаһиндар хеҙмәтен башҡара алмаҫ була, сөнки Раббының шөһрәте ҡорамды тултыра. Шул саҡ Сөләймән былай ти: – Раббы ҡуйы ҡараңғылыҡта төйәкләнергә теләне. Ә мин Һиңә мөһабәт ҡорам һалдым, Ул мәңгегә Һиңә торлаҡ булһын. Шунан батша, артына боролоп, алдында аяғөҫтө торған бөтә Исраил йыйынына фатихаһын күндерә. Батша былай ти: – Исраил Аллаһы Раббы мөбәрәк булһын! Ул атайым Дауытҡа Үҙ теле менән әйткәнен Үҙ ҡулы менән бойомға ашырҙы. Ул бит: «Халҡым Исраилды Мысыр еренән алып сыҡҡан көндән алып, исемем шунда булһын, тип ҡорам төҙөһөндәр өсөн Исраил ырыуҙарының береһенең дә ҡалаһын һайламаған инем. Шулай уҡ халҡым Исраилға етәкселек итер өсөн бер кешене лә һайламаным. Бына хәҙер иһә, исемем шунда булһын, тип Йәрүсәлимде һәм халҡым Исраилға идара итер өсөн Дауытты һайланым», – тип әйткән булған. Атайым Дауыт Исраил Аллаһы Раббыға бағышлап ҡорам төҙөргә ниәтләгәйне. Ләкин Раббы атайым Дауытҡа: «Күңелеңдә Миңә атап ҡорам төҙөргә теләгең бар. Был бик яҡшы. Әммә был ҡорамды Миңә һин түгел, ә һинән тыуған улың төҙөр», – тип әйткән. Раббы Үҙенең әйткәнен бойомға ашырҙы: мин атайым Дауыттың вариҫы булдым, Раббының һүҙе буйынса, Исраил тәхетенә ултырҙым һәм Исраил Аллаһы Раббыға бағышлап ҡорам һалдым. Шунда Уның Исраил халҡы менән төҙөгән Килешеүе һалынған һандыҡты урынлаштырҙым. Артабан Сөләймән Раббының ҡорбан усағы ҡаршыһында, Исраил йыйыны алдына баҫа ла ҡулдарын юғары күтәрә. Ул баҡырҙан иңе-буйы биш терһәк, бейеклеге өс терһәк күтәрмә яһатып, уны ихатаның уртаһына ҡуйҙырған була һәм ошо мәлдә шуның өҫтөндә тора. Бөтә Исраил йыйыны алдына теҙләнеп, ҡулдарын күккә һона ла: – Эй Исраил Аллаһы Раббы! Күктә лә, ерҙә лә Һиңә тиң булырлыҡ башҡа бер алла ла юҡ, – ти. – Һиңә бөтөн булмышы менән бирелеп хаҡ юлыңдан йөрөгән ҡолдарыңа мәрхәмәтлеһең, улар менән төҙөгән килешеүгә тоғроһоң. Үҙ телең менән ҡолоңа, атайым Дауытҡа, әйткән һүҙеңде бөгөн Үҙ ҡулың менән ғәмәлгә ашырҙың. Инде, йә Раббым, Исраил Аллаһы, ҡолоңа, атайым Дауытҡа, биргән тағы бер вәғәҙәңде үтәһәң ине. Уға: «Балаларың да һинең кеүек, Минең ҡанунымды үтәп, хаҡ юлымдан йөрөһә, Исраил тәхетендә нәҫелең өҙөлмәҫ», – тип әйткәйнең. Эй Исраилдың Аллаһы Раббы, инде ҡолоң Дауытҡа әйткән һүҙең ғәмәлгә ашһа ине! Ысынын ғына әйткәндә, Алла ер йөҙөндә, бәндәләр араһында йәшәй буламы? Күк һынлы күктең асманы ла һыйҙыра алмаған Һинең өсөн мин һалдырған ҡорам нимә инде! Эй Раббым Аллам, ҡолоң ҡылған доғаға, уның үтенесенә илтифат ит! Ҡолоңдоң ялбарыуына һәм доғаһына ҡолаҡ һал! Күҙҙәрең көнө-төнө бында, «Исемем ошонда төйәкләнер!» тигән ҡорамда булһын ине. Ҡолоңдоң ошо урынға ҡарап ҡылған доғаһын ишетә күр. Ошо урынға ҡарап доға ҡылған мин ҡолоңдоң һәм халҡың Исраилдың ялбарыуҙарын ишет. Күктәрҙән – Үҙ торлағыңдан – тороп ишет һәм ярлыҡа! Әгәр берәү яҡынына ҡарата гонаһ ҡылыуҙа ғәйепләнһә һәм ант итер өсөн ошо ҡорамға килһә, ҡорбан усағың алдында ғәйепһеҙмен тип ант итһә, күктәрҙән ҡолаҡ һал да ҡолдарыңа хөкөмөңдө сығар: ғәйепленең ҡылғанын үҙенең башына төшөрөп язала, ғәйепһеҙҙең хаҡлығын күрһәт һәм хаҡлығының әжерен бир. Һиңә ҡарата эшләгән гонаһтары өсөн дошмандарынан еңелгәс, халҡың Исраил ҡабат Һиңә боролоп ҡайтһа, исемеңде әйтеп ялбарһа, ошо ҡорамда доға ҡылып, Һинең хозурыңда үтенһә, күктәрҙән беҙҙе ишет тә халҡың Исраилдың гонаһын ярлыҡа һәм уларҙы ата-бабаларына һәм уларға Үҙең биргән илгә кире ҡайтар. Улар, Һиңә ҡаршы гонаһ ҡылған өсөн күк көпләнеп, ямғыр яумағанда, ошо урынға ҡарап доға ҡылһа, исемеңде атап ялбарһа, Һин уларҙы язалағанға күрә гонаһтарынан ваз кисһә, ҡолдарың Исраил халҡына күктәрҙән тороп ҡолаҡ һал, уларҙың гонаһын ғәфү ит. Уларға тик шунан йөрөһөндәр өсөн тоғро юлды күрһәт, халҡыңа биләмә итеп биргән тупраҡҡа ямғыр яуҙыр. Ерҙә ҡытлыҡ буламы, ҡырғын төшәме, ҡыуан елдәр иҫәме йәки үҫемлектәрҙе тут, саранча йә ҡорт баҫамы, үҙе биләгән ерҙәрҙән дошмандар ҡыҫырыҡлаймы, бәлә-ҡаза, сир-сырхау ябырыламы, халҡыңдан берәйһе йәки бөтә Исраил Һиңә мөрәжәғәт итһә, һәр кем үҙ хәсрәтен әйтеп, әрнеп доға һәм ялбарыу менән ошо йортҡа табан ҡулдарын һонһа, Һин күктәрҙән – Үҙ торлағыңдан – тороп ишет һәм ярлыҡа. Һәр береһенә ҡылғандарына күрә бир, сөнки әҙәм балаларының күңелендәген бары тик Һин генә беләһең. Һин Үҙең ата-бабаларыбыҙға биргән ошо тупраҡта ғүмерҙәренең ахырынаса улар Һинән ҡурҡып һәм хөрмәт итеп йәшәһен, тик Һинең юлыңдан йөрөһөн. Әгәр халҡың Исраилдан булмаған берәй сит кеше Һинең бөйөк исемең, көсөң һәм ҡөҙрәтең хаҡына алыҫ илдән килһә һәм ошо ҡорамға ҡарап доға ҡылһа, Һин күктәрҙән – Үҙ торлағыңдан – тороп уға ҡолаҡ һал, бөтә үтенестәрен ғәмәл ҡыл. Донъялағы бар ҡәүемдәр, халҡың Исраил кеүек, Һинең исемеңде белһен, Һинән дәһшәтләнһен, мин төҙөгән ошо ҡорамдың Һинең исемеңә бағышланғанын белһен. Халҡың дошмандарына ҡаршы Һин күрһәткән юл менән һуғышҡа инһә һәм Һин Үҙең һайлап алған ошо ҡалаға, мин Һиңә бағышлап төҙөгән ҡорамға боролоп Һиңә доға ҡылһа, күктәрҙән уларҙың доғаларына һәм үтенестәренә ҡолаҡ һал һәм уларҙың яҡлаусыһы бул. Һиңә ҡаршы гонаһ ҡылһалар – ә гонаһ ҡылмаған бер кеше лә юҡтыр – һәм Һин асыуланып, уларҙы дошман ҡулына тапшырһаң, әсирлеккә алыусылар уларҙы үҙҙәренең алыҫмы-яҡынмы иленә алып китһә, улар унда, үҙҙәре әсирлектә йәшәгән илдә, бөтөн йөрәктән тәүбәгә килһәләр, Һиңә ялбарып: «Гонаһ ҡылдыҡ, юлдан яҙҙыҡ, яуызлыҡ эшләнек», – тиһәләр, үҙҙәре әсир булған илдә ата-бабаларына Һин биргән ерҙәр, Һин һайлаған ҡала, Һинең исемеңә бағышлап мин төҙөткән йорт яғына ҡарап, Һиңә ысын күңелдән һәм бөтә йөрәктән боролоп, доға ҡылһалар, Һин күктәрҙән – Үҙ торлағыңдан – уларҙың доғаһын һәм ялбарыуын ишет тә уларҙың яҡлаусыһы бул, Һинең алда ҡылған гонаһтарын ярлыҡа. Инде, эй Аллам, ошо урында уҡылған доғаларға күҙҙәрең асыҡ, ҡолаҡтарың һиҙгер булһа ине. Ә хәҙер сыҡ, Раббы Алла, Үҙеңдең тыныс-имен урыныңа кил, Ҡөҙрәтең билдәһе булған һандыҡ менән бергә кил. Ҡаһиндарың, Раббым Аллам, Ҡотҡарылыу кейеменә төрөнһөндәр, Тоғроларың Һинең игелегеңә һөйөнһөн. Раббым Аллам! Үҙеңдең мәсихеңдән йөҙөңдө борма, Ҡолоң Дауытҡа күрһәткән мөхәббәтеңде онотма. Сөләймән доғаны тамамлағас, күктән ут төшә, тотош яндырыу һәм башҡа ҡорбандарҙы ялмай. Раббының шөһрәте ҡорамды тултыра. Ҡаһиндар Раббы ҡорамына инә алмай, сөнки уға Раббы шөһрәте тула. Барлыҡ исраилдар, ут төшкәнен һәм ҡорам өҫтөндәге Раббының шөһрәтен күреп, йөҙтүбән ергә ҡаплана һәм: «Ул игелекле, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек», – тип Раббыға маҡтау яуҙыра. Батша һәм бөтә халыҡ Раббы хозурында ҡорбан сала. Сөләймән батша егерме ике мең баш үгеҙ, йөҙ егерме мең һарыҡ тәкәһен ҡорбан ҡыла. Шулай итеп, батша һәм бөтә халыҡ Алла йортон изгеләндерә. Ҡаһиндар үҙ урындарын ала. Левиҙәр, Дауыт батшаның Раббыны маҡтау өсөн яһаттырған һәм «Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек!» тип мәҙхиә йырлағанда ҡуллана торған уйын ҡоралдарын күтәреп, ҡаһиндарҙың эргәһендә үҙ урындарына тора. Ҡаһиндар, левиҙәр ҡаршыһында баҫып, борғо ҡысҡырта, барлыҡ исраилдар аяғүрә тора. Сөләймән Раббы йорто алдындағы ихатаның урта өлөшөн изгеләндереп, тотош яндырыу ҡорбанын, татыулыҡ ҡорбанының эс майын ошонда тәҡдим итә, сөнки ул яһатҡан баҡыр ҡорбан усағы тотош яндырыу ҡорбанын, икмәк саҙаҡаһын һәм эс майын һыйҙырып бөтә алмай. Сөләймән менән бергә бөтә Исраил – Лево-Хамаҫтан алып Мысыр сигендәге йылғаға тиклем йәшәгән барса халыҡ – ҙур йыйын булып ете көн байрам итә. Ете көн буйы ҡорбан усағын изгеләндергәндән һуң, тағы ете көн Ҡыуыш байрамын билдәләйҙәр, ә һигеҙенсе көндө изге йыйын үткәрәләр. Етенсе айҙың егерме өсөнсө көнөндә Сөләймән халыҡты өйҙәренә ҡайтарып ебәрә. Улар Раббының Дауыт менән Сөләймәнгә, Үҙенең халҡы Исраилға күрһәткән бөтә яҡшылыҡтарына һөйөнөп, бик ҡәнәғәт булып тарала. Сөләймән Раббы ҡорамы менән батша һарайын төҙөтөп бөтә, ниәт иткәндең барыһын да уңышлы бойомға ашыра. Төнөн уға Раббы күренә һәм былай ти: – Мин һинең доғаңды ишеттем, был урынды Үҙемә ҡорбан килтерә торған йорт итеп һайланым. Әгәр Мин күкте бикләп, ямғыр яуҙырмаһам, әгәр саранчаларға ер йөҙөндәге бөтә нәмәне ашап бөтөргә бойорһам йәки халҡыма үләт ҡырғыны һалһам, Минең исемем менән аталған халҡым, ғәйебен танып, буйһонһа, яман юлдарын ташлап, Миңә ынтылһа, Мин асмандан уларҙы ишетермен дә гонаһтарын ярлыҡармын, илдәрен сәләмәтләндерермен. Бынан ары ошо урында ҡылынған доғаларға күҙем дә, ҡолағым да һәр ваҡыт иғтибарлы булыр. Инде, исемем мәңге ошонда булһын, тип был ҡорамды һайлап изгеләндерҙем. Минең күҙҙәрем һәм йөрәгем һәр ваҡыт бында булыр. Һин дә атайың Дауыт кеүек Минең юлымдан йөрөһәң, барыһын да Мин бойорғанса эшләһәң, ҡағиҙәләрем һәм күрһәтмәләремде ғәмәл ҡылһаң, атайың Дауытҡа: «Һинең нәҫелеңдән Исраилға хакимлыҡ иткән ир заты өҙөлмәҫ», – тип биргән һүҙемде тотоп, батшалығыңды тотороҡло ҡылырмын. Әгәр ҙә һеҙ Мин һеҙгә биргән бойороҡ һәм күрһәтмәләрҙән тайпылып, баш тартһағыҙ, сит илаһтарға хеҙмәт итә, уларға табына башлаһағыҙ, Үҙем биргән тупраҡтан Исраилды йолҡоп ташлармын; исемемә бағышланып, Мин изгеләштергән был ҡорамдан ваз кисермен һәм, бөтә халыҡтар алдында уны мәсхәрәгә ҡалдырып, ғибрәткә әйләндерермен. Әле бейек булып торған ошо ҡорам янынан үткән һәр кем, аптырап һәм ҡурҡып: «Раббы ниңә был илде һәм ҡорамды шул хәлгә ҡалдырҙы икән?» – тип әйтеп ҡуйыр. Уларға: «Ата-бабаларының Аллаһынан, Мысыр еренән алып сыҡҡан Раббынан баш тартып, башҡа илаһтарға эйәрҙеләр, шуларға табындылар һәм хеҙмәт иттеләр. Бына шуның өсөн Раббы уларға бөтә был бәлә-ҡазаларҙы күндерҙе», – тип яуап бирерҙәр. Сөләймән егерме йыл буйы Раббы ҡорамын һәм үҙ һарайын төҙөй. Ул Хирам батша биргән ҡалаларҙы ла төҙөкләндерә һәм уларға Исраил халҡын төйәкләндерә. Шунан Сөләймән Хамаҫ-Соваға ҡаршы яу асып, уны ҡулға төшөрә. Сүллектә Тадмор ҡалаһын һәм Хамаҫта кәрәк-яраҡ һаҡлай торған келәт ҡәлғәләр төҙөтөп бөтөрә. Ул Үрге Бейт-Хорон менән Түбәнге Бейт-Хоронды ҡайтанан ҡора, уларҙы диуарҙар менән уратылған, бикле ҡапҡалы ҡәлғә-ҡалаларға әйләндерә. Бағалаҫты төҙөкләндерә, шулай уҡ кәрәк-яраҡ һаҡлай торған келәттәр, яу арбалары менән аттар тора торған бөтә ҡалаларҙы һалдыра. Йәрүсәлимдә һәм Ливанда, үҙе хакимлыҡ иткән бөтә ерҙә, нимә теләй, шуларҙы тотош төҙөтөп бөтә. Илдә исраилдарҙан булмаған башҡа халыҡтар – хитти, әмөри, перизи, хиууи һәм йевусиҙәр тоҡомона килгәндә, Сөләймән исраилдар ҡырып бөтмәгән һәм илдә ҡалған был халыҡтарҙың тоҡомдарын мәжбүри эшселәр итә. Был хәл бөгөнгө көнгә тиклем шулай. Ә исраилдарҙы Сөләймән ҡолға әйләндермәй. Улар батшаға һуғышсылар, ғәскәр башлыҡтары, яу арбаларында һәм атлы ғәскәрендә башлыҡ булараҡ хеҙмәт итә. Сөләймән батшаның халыҡҡа етәкселек итеү өсөн ике йөҙ илле мөдире була. Ә фирғәүен ҡыҙын Сөләймән Дауыт ҡалаһынан уның өсөн махсус һалдырған һарайға күсерә. Ул былай ти: – Минең ҡатыным Исраил батшаһы Дауыттың һарайында йәшәргә тейеш түгел, сөнки был урын изге, унда Раббының һандығы ингәйне. Шул осорҙа Сөләймән ҡорамдың айуаны ҡаршыһында төҙөткән ҡорбан усағында Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны килтерә башлай. Быны ул көндәлек ҡағиҙә буйынса, Мусаның күрһәтмәләренә ярашлы, шәмбе көндәрендә, Яңы ай байрамдарында, йыл эсендәге өс байрамда – Сөсө икмәк, Аҙналар, Ҡыуыш байрамдарында килтерер була. Атаһы Дауыттың бойороғона ярашлы, ул, ҡаһиндарҙың төркөмдәрен хеҙмәттәренә күрә, һәр көндөң ҡағиҙәһе буйынса ҡаһиндарға ярҙам итеү һәм Раббыға маҡтау яуҙырыу өсөн, левиҙәрҙе вазифаларына күрә һәм ҡапҡа һаҡлаусыларҙы төркөмдәренә күрә тәғәйенләп сыға. Сөнки Алла бәндәһе Дауыт шулай бойорған була. Батшаның ҡаһиндар менән левиҙәр тураһындағы, шулай уҡ хазиналарға һәм теләһә ниндәй башҡа эшкә ҡағылышлы күрһәтмәләре һис тайпылышһыҙ үтәлә. Раббы ҡорамына нигеҙ һалғандан алып уны төҙөп бөткәнгә тиклем, Сөләймәндең барлыҡ эше шулай ойошторолған була. Шулай итеп, Раббы ҡорамын төҙөү тамамлана. Шунан Сөләймән диңгеҙ буйына, Эдом ерендәге Ғәсйон-Ғәвәр һәм Элаҫ ҡалаларына юл тота. Хирам үҙенең тәжрибәле диңгеҙселәре менән бергә Сөләймәнгә караптар ебәрә. Улар, Сөләймәндең кешеләре менән Офирға барып, Сөләймән батшаға дүрт йөҙ илле талант алтын алып ҡайтып бирә. Шева батшабикәһе Сөләймән тураһында ишетеп, уны табышмаҡтар менән һынарға килә. Ул бик күп ярандары оҙатыуында Йәрүсәлимгә килеп төшә; дөйәләре хуш еҫле май, ғәләмәт күп алтын, аҫылташтар артмаҡлаған була. Батшабикә Сөләймәнгә килә һәм үҙен ҡыҙыҡһындырған бөтә нәмәләр тураһында ла әңгәмәләшә. Сөләймән уның бөтә һорауҙарына ла яуап бирә. Батша белмәгән һәм аңлатып бирә алмаған бер генә нәмә лә булмай. Шева батшабикәһе Сөләймәндең аҡылын, һалдырған һарайын, табынындағы зиннәтле ризыҡтарҙы, ярандарының ни рәүешле ултырыуын, матур итеп кейенгән хеҙмәтселәренең һәм шарап ҡойоусыларының үҙҙәрен тотошон, Раббы ҡорамында килтерелгән тотош яндырыу ҡорбандарын күреп, һушы-аҡылы китә. – Һинең ҡылған ғәмәлдәрең һәм зирәк аҡылың тураһында үҙ илемдә ишеткәндәрем дөрөҫ булып сыҡты, – ти ул батшаға. – Килеп үҙ күҙҙәрем менән күргәнгә тиклем, был хәбәрҙәргә бик ышанып та етмәгәйнем. Баҡһаң, миңә һинең тәрән аҡылың тураһында яртыһын да һөйләмәгәндәр икән. Һин мин ишеткәндәгегә ҡарағанда күпкә өҫтөнөрәк тораһың икән. Ҡайһылай бәхетле һинең кешеләрең, был хеҙмәтселәрең! Улар гелән яныңда булып, бөтә хикмәттәреңде ишетә-күрә йөрөйҙәр. Һиңә илтифат менән ҡараған, Үҙенең вәкиле сифатында һине Исраил тәхетенә ултыртҡан Аллаң Раббы мөбәрәк булһын! Һинең Аллаң Исраилға булған мөхәббәте хаҡына, уны мәңге ҡаҡшамаҫ итеү теләге менән, уға хаҡ хөкөм ҡылһын, ғәҙеллекте яҡлаһын тип, һине уның өҫтөнән батша итеп ҡуйған. Шева батшабикәһе Сөләймәнгә йөҙ егерме талант алтын, күп итеп хуш еҫле май, аҫылташтар алып килгән була. Ул батшаға бүләк иткән кеүек еҫле майҙарҙың Исраилға быға тиклем бер ваҡытта ла килтерелгәне булмай. Хирамдың хеҙмәтселәре Сөләймәндең хеҙмәтселәре менән Офирҙан алтын ғына түгел, затлы ағас, аҫыл таштар ҙа алып ҡайта. Батша был затлы ағастан Раббы ҡорамына һәм дә батша һарайына баҫҡыстар, йырсылар өсөн арфа һәм лиралар яһата. Йәһүҙә ерендә ошоғаса быға оҡшаш бер ни күрелгәне булмай. Сөләймән батша, Шева батшабикәһенең бүләктәренә яуап итеп, уның йәне нимә теләй, шуларҙың барыһын да бирә. Ул бүләктәр Шева батшабикәһе алып килгәндән күпкә артығыраҡ була. Шунан һуң батшабикә хеҙмәтселәре менән үҙ иленә ҡайтып китә. Йыл һайын Сөләймәнгә алты йөҙ алтмыш алты талант алтын килеп тора. Бынан тыш һатыусылар һәм сауҙагәрҙәр, Ғәрәбстан ерендәге бөтә батшалар һәм Исраилдың өлкә башлыҡтары ла Сөләймәнгә алтын-көмөш килтереп тора. Сөләймән батша ике йөҙ ҙур ҡалҡан яһата һәм уларҙың һәр береһен алты йөҙ шекел сүкелгән алтын менән көпләтә. Бынан башҡа һәр береһенә өсәр йөҙ шекел сүкелгән алтын тотоноп, өс йөҙ бәләкәйерәк ҡалҡан эшләтә. Батша был ҡалҡандарҙы «Ливан урманы йорто» тип аталған һарайға ҡуя. Шулай уҡ батша фил һөйәгенән ҙур тәхет яһата һәм уны саф алтын менән көпләтә. Тәхеттең баҫҡыстары алтау, аяҡ ҡуйыр өсөн тәхеткә алтын эскәмйә беркетелгән. Ултырғысының ике яғында терһәк ҡуйғыс бар, терһәк ҡуйғыстар янында берәр арыҫлан һыны ҡуйылған. Һәр бер баҫҡыстың ике яғында берәр арыҫлан һыны булып, тәхеттең алты баҫҡысында йәмғеһе ун ике арыҫлан тора. Бер генә батшалыҡта ла бындай тәхеттең булғаны булмай. Сөләймән батшаның бөтә туҫтаҡтары алтындан, «Ливан урманы йорто» тип аталған һарайындағы һауыттарҙың барыһы ла саф алтындан була. Сөләймән заманында көмөш ҡәҙерһеҙ бер нәмәгә әйләнә. Батшаның караптары Хирам хеҙмәтселәре менән Таршишҡа йөрөп, өс йылға бер тапҡыр алтын, көмөш, фил һөйәге, маймылдар һәм тауис ҡоштар алып ҡайта торған була. Сөләймән үҙенең байлығы һәм аҡылы менән донъялағы бөтә батшаларҙан да өҫтөнөрәк була. Сөләймәндең зиһененә Алла иңдергән аҡылды тыңлар өсөн ерҙәге бөтә батшалар уны күрергә атлығып тора. Уларҙың һәр ҡайһыһы бүләк итеп көмөш һәм алтын һауыттар, кейем-һалым, ҡорал һәм хуш еҫле майҙар, аттар һәм ҡасырҙар килтерер була, йылдың-йылына был шулай дауам итә. Сөләймәндең аттар һәм яу арбалары ҡуя торған дүрт мең аҙбары, ун ике мең һыбайлыһы була; ул уларҙы арбалы ҡалаларға һәм үҙе янына Йәрүсәлимдә урынлаштыра. Ул Евфрат йылғаһынан алып пелешти еренәсә, Мысыр сигенә тиклем булған бөтә батшалар өҫтөнән хакимлыҡ итә. Сөләймән батшалыҡ иткән осорҙа Йәрүсәлимдә көмөш ябай бер таш кеүек кенә булып ҡала. Кедр ағасы иһә Шефелала үҫкән ҡырағай инжир ағасы һымаҡ күп була. Аттарҙы Сөләймәнгә Мысырҙан һәм башҡа яҡтарҙан килтерәләр. Сөләймән батшалыҡ иткән замандарҙа булған башҡа хәлдәр, тәүгеһенән алып һуңғыһына тиклем, Наҫан пәйғәмбәр яҙмаларында, Шило Ахияһының күрәҙәләре һәм Ғиддо әүлиәнең Неват улы Яровғамға ҡағылышлы күренмештәре теркәлгән яҙмаларҙа һүрәтләнә. Сөләймән Йәрүсәлимдә бөтә Исраилға ҡырҡ йыл буйы батшалыҡ итә. Сөләймән вафат булып, ата-бабалары хозурына күскәс, атаһы Дауыт ҡалаһында ерләнә. Уның урынына тәхеткә улы Рехавғам ултыра. Рехавғам Шәхәмгә юллана, сөнки бөтә исраилдар уны үҙҙәренең батшаһы тип иғлан итер өсөн шунда йыйылған була. Был хәбәрҙе ишетеп, Сөләймән батшанан ҡасып киткән һәм Мысырҙа йәшәгән Яровғам Неват улы ҡайтып төшә. Исраилдар, кеше ебәреп, Яровғамды саҡырып алалар. Шунан Яровғам менән бөтә исраилдар бергә Рехавғам янына килеп былай тиҙәр: – Атайың яурындарыбыҙға ауыр йөк һалды. Инде һин михнәтебеҙҙе еңеләйт, беҙҙе ҡалыптан ҡотҡар, шул сағында беҙ һиңә хеҙмәт итербеҙ. – Әлегә ҡайтығыҙ, – ти Рехавғам уларға. – Өс көндән килерһегеҙ. Халыҡ тарала. Рехавғам батша атаһы Сөләймән иҫән саҡта уға хеҙмәт иткән аҡһаҡалдарҙан: – Ниндәй кәңәш бирерһегеҙ, был халыҡҡа нисек яуап ҡайтарырға? – тип һорай. Аҡһаҡалдар уға: – Әгәр һин был халыҡҡа һәйбәт булһаң, уларға ярай алһаң, яҡшы һүҙеңде йәлләмәһәң, улар ғүмер буйы һинең ҡолоң булыр, – ти. Әммә Рехавғам аҡһаҡалдарҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалмай һәм үҙе менән бергә үҫкән, әле янында булған ҡорҙаштары менән кәңәшләшә. Батша уларҙан: – «Атайың яурындарыбыҙға һалған ауыр йөктө еңеләйт», – тигән был халыҡҡа нисек яуап ҡайтарайым? Һеҙ ниндәй кәңәш бирерһегеҙ? – тип һорай. Ҡорҙаштары уға: – «Атайың яурындарыбыҙға ауыр йөк һалды, инде һин уны еңеләйт», – тигәндәргә: «Минең сәтәкәй бармағым атайымдың биленән йыуаныраҡ. Әгәр атайым һалған йөк ауыр булһа, Мин уны тағы ла арттырырмын, Атайым һеҙҙе сыбыртҡы менән ярған булһа, Мин ҡамсы менән ҡайыҙлармын», – тип әйтергә кәңәш бирә. Батшаның: «Өс көндән килерһегеҙ», – тигән һүҙе буйынса, Яровғам менән бөтә халыҡ өс көндән һуң Рехавғамға бара. Батша халыҡҡа ҡолаҡ һалмай, сөнки Алла ихтыяры менән шулай булырға тейеш була. Раббының Неват улы Яровғамға Шило Ахияһы аша еткергән һүҙе бойомға ашһын өсөн шулай була. Батшаның халыҡты тыңламағанын күргәс, бөтә исраилдар уға: – Дауыт менән ниндәй уртаҡлығыбыҙ бар беҙҙең? Ишай улының биләмәһендә беҙҙең өлөшөбөҙ юҡ! Эй Исраил халҡы, әйҙәгеҙ, таралышайыҡ! Дауыт нәҫеле инде үҙ йортона ғына ҡараһын! – тиҙәр ҙә барыһы ла өйҙәренә ҡайтып китәләр. Рехавғам Йәһүҙә ҡалаларында йәшәгән исраилдарға ғына батша булып ҡала. Рехавғам батша мәжбүри эшләүселәр өҫтөнән күҙәтсе булған Һадорамды ебәргәс, исраилдар уны таш бәреп үлтерә. Рехавғам тиҙ генә яу арбаһына менеп ултырып, Йәрүсәлимгә ҡасып өлгөрә. Әлегәсә Исраилдың төньяҡ ырыуҙары Дауыт йортона буйһонмай. Йәрүсәлимгә ҡайтҡас, Рехавғам Йәһүҙә һәм Бинйәмин ырыуҙарынан йөҙ һикһән мең һайланма яугир туплай. Улар Исраилға яу менән барырға һәм Рехавғамға батшалыҡты ҡайтарып бирергә тейеш була. Ләкин Алла бәндәһе Шемағъяһҡа Раббы былай тип белдерә: – Йәһүҙә батшаһы Сөләймән улы Рехавғамға, Йәһүҙәлә йәшәгән бөтә исраилдарға һәм Бинйәмин ырыуына әйт, Раббы былай ти: «Туғандарығыҙға ҡаршы һуғышҡа бармағыҙ, өйҙәрегеҙгә таралышығыҙ, сөнки һуңғы ваҡиғалар Минең ихтыярым буйынса эшләнде». Улар Раббы әйткәнде тыңлай, кире борола, Яровғамға ҡаршы бармай. Рехавғам Йәрүсәлимдә йәшәй. Ул Йәһүҙәләге ҡалаларҙы диуарҙар менән ураттыра. Бейт-Ләхәм менән Ғетамды, Теҡоғаны, Бейт-Сур, Сохо, Ғадулламды, Ғаҫ, Мареша, Зифты, Адораим, Лахиш, Ғазыҡаны, Сорға, Айялон һәм Хевронды – Йәһүҙә менән Бинйәмин ырыуҙарына ҡараған ҡалаларҙың барсаһын нығыттыра. Ул ҡәлғәләрҙе нығыта, уларға мөдирҙәр ҡуйып сыға, ашлыҡ, зәйтүн майы һәм шарап һаҡлағыстар яһата. Һәр ҡаланы ҡалҡан һәм һөңгөләр менән тәьмин итә, уларҙы бик ныҡ нығыта. Йәһүҙәләр һәм бинйәминдәр уның ҡул аҫтында ҡала. Исраил ерендәге ҡаһиндар менән левиҙәр барлыҡ төбәктәрҙән уның эргәһенә ағыла. Левиҙәр, үҙҙәренең көтөүлек ерҙәрен һәм мөлкәттәрен ташлап, Йәһүҙәгә һәм Йәрүсәлимгә күсенә, сөнки Яровғам да, улдары ла уларға Раббының ҡаһиндары сифатында хеҙмәт итергә юл ҡуймай. Яровғам табыныу ҡалҡыулыҡтарына үҙ ҡаһиндарын тәғәйенләй. Улар Яровғам яһаттырған кәзә тәкәһе, башмаҡ һындарына табына. Левиҙәр артынса Исраил ырыуҙарынан Исраил Аллаһы Раббыға бөтөн йөрәктән хеҙмәт итергә ынтылғандар, ата-бабаларының Аллаһы Раббыға ҡорбан килтерергә тип, Йәрүсәлимгә ағыла. Улар Йәһүҙә батшалығын нығыта һәм өс йыл буйы Сөләймән улы Рехавғам яҡлы була, сөнки ошо өс йыл буйы улар Дауыт менән Сөләймән юлынан тайпылмайҙар. Рехавғам Дауыт улы Йеримоҫтың ҡыҙы Махалаҫҡа өйләнә. Махалаҫтың әсәһе Авиһаил иһә Ишай улы Әлиавтың ҡыҙы була. Махалаҫ уға Йеғуш, Шемаръяһ, Заһам исемле өс ул табып бирә. Артабан Рехавғам Авшалом ҡыҙы Мағаханы ала, ул иһә Авияһты, Ғаттайҙы, Зизаны, Шеломиҫты табып бирә. Рехавғам бөтә ҡатындары һәм йәриәләренә ҡарағанда ла Авшалом ҡыҙы Мағаханы нығыраҡ ярата. Уның ун һигеҙ ҡатыны менән алтмыш йәриәһе булып, уларҙан тыуған егерме һигеҙ улы менән алтмыш ҡыҙы була. Рехавғам Мағаханан тыуған улы Авияһты, һуңынан батша итеү ниәте менән, бөтә ағай-ҡустылары өҫтөнән түрә итеп ҡуя. Ул бик уйлап эш итә, бөтә улдарын Йәһүҙә һәм Бинйәмин ерҙәрендәге нығытылған ҡалаларға ебәреп бөтә, муллыҡта йәшәүҙәрен хәстәрләй һәм бик күп ҡатын алып бирә. Батшалығы көсәйеп, үҙе тәхеттә нығынып киткәс, Рехавғам һәм уның менән бергә бөтә Исраил халҡы Раббы ҡанунын ташлай. Улар Раббыға тоғролоҡ һаҡламағанға күрә, Рехавғамдың батшалыҡ итеүенең бишенсе йылында, Мысыр батшаһы Шишаҡ Йәрүсәлимгә һөжүм итә. Шишаҡтың бер мең ике йөҙ яу арбаһы, алтмыш мең һыбайлыһы була, ә уның менән бергә Мысырҙан килгән ливиялыларҙың, суккиҙарҙың, куштарҙың иҫәбе-һаны булмай. Шишаҡ, Йәһүҙәнең нығытылған ҡалаларын ҡулға төшөргәс, Йәрүсәлимгә юл тота. Шул сағында Шишаҡтан ҡасып, Йәрүсәлимдә йыйылған Йәһүҙә башлыҡтары менән Рехавғам янына Шемағъяһ пәйғәмбәр килә лә: – Раббы былай ти: «Һеҙ Мине ташланығыҙ, шуның өсөн Мин һеҙҙе ташлайым, Шишаҡ ҡулына тапшырам», – тип белдерә. Исраил башлыҡтары һәм батша үҙҙәренең ғәйебен танып: – Раббы ғәҙел! – тиҙәр. Раббы уларҙың ғәйептәрен танығанын күргәс, Шемағъяһҡа Үҙенең һүҙен еткерә: «Улар ғәйептәрен таныны, шуның өсөн уларҙы ҡырыуҙан тыйылам, тиҙҙән ҡотолоу ебәрермен. Йәрүсәлимгә асыуымды Шишаҡ ҡулы аша түкмәҫмен. Әммә, Миңә хеҙмәт итеү менән ерҙәге батшаларға хеҙмәт итеү араһындағы айырманы аңлаһындар өсөн, улар Шишаҡҡа хеҙмәтсе булыр». Мысыр батшаһы Шишаҡ Йәрүсәлимде яулап ала. Шунан һуң ул Раббы ҡорамындағы, батша һарайындағы хазиналарҙы талай, бөтә нәмәне, шул иҫәптән Сөләймән эшләткән алтын ҡалҡандарҙы ла алып китә. Рехавғам батша улар урынына баҡыр ҡалҡандар яһата һәм батша һарайының ишектәрен һаҡлаған ҡарауыл башлыҡтары ҡарамағына тапшыра. Батша Раббы ҡорамына ингән һайын, һаҡсылар был ҡалҡандарҙы тотоп килә, аҙаҡтан йәнә һаҡсылар бүлмәһенә индереп ҡуя торған була. Рехавғам үҙенең ғәйебен танығас, Раббының асыуы уға төшмәй, уны бөтөнләйгә һәләк итмәй, сөнки Йәһүҙәлә яҡшы нәмәләр ҙә булған була бит. Шулай итеп, Рехавғам батша Йәрүсәлимдә нығына һәм хакимлыҡ итә. Ул тәхеткә ултырғанда ҡырҡ бер йәштә була. Раббы Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн бөтөн Исраил ырыуҙары араһынан һайлап алған Йәрүсәлим ҡалаһында ул ун ете йыл батшалыҡ итә. Әсәһе Нағама ғаммон ҡыҙы була. Рехавғам, ысын йөрәктән Раббыға ынтылмаған өсөн, яуыз эштәр ҡыла. Рехавғамдың ҡылған ғәмәлдәре баштан алып аҙағына тиклем Шемағъяһ пәйғәмбәр менән Ғиддо әүлиәнең нәҫел шәжәрәләре индерелгән тарих китаптарында хикәйәләнә. Рехавғам менән Яровғам араһында туҡтауһыҙ һуғыш бара. Рехавғам үлеп ата-бабалары хозурына күсә һәм Дауыт ҡалаһында ерләнә. Тәхеткә улы Авияһ ултыра. Яровғам Исраилға ун һигеҙенсе йыл батшалыҡ иткәндә, Йәһүҙә тәхетенә Авияһ ултыра. Ул Йәрүсәлимдә өс йыл батша була. Әсәһе – Гивғанан Уриилдың ҡыҙы Михаяһ. Авияһ менән Яровғам араһында һуғыш ҡуба. Авияһ һайланма батырҙарҙан торған дүрт йөҙ мең кешелек ғәскәрен һуғышҡа индерә, ә Яровғам уға ҡаршы һигеҙ йөҙ мең һайланма яугирен сығара. Авияһ Әфраим таулығындағы Семараим тауының башына менеп баҫа ла былай ти: – Яровғам, бөтә Исраил халҡы, тыңлағыҙ мине! Исраил Аллаһы Раббының Исраилға батшалыҡ итеүҙе Дауытҡа һәм уның нәҫеленә тоҙ килешеүе буйынса мәңгелеккә биргәнен белмәйһегеҙме ни? Әммә Дауыт улы Сөләймәндең ҡоло Яровғам Неват улы фетнә күтәрҙе, үҙ хакимына ҡаршы сыҡты. Уның тирәһенә буш боғаҙҙар, нәфселе бәндәләр тупланды һәм Сөләймән улы Рехавғамды еңде. Рехавғам, йәш һәм йомшаҡ ихтыярлы булғанлыҡтан, уларға ҡаршы тора алманы. Әле килеп һеҙ Раббы Дауыт нәҫеле ҡулына тапшырған батшалыҡҡа ҡаршы тормаҡ булаһығыҙ, йәнәһе, һеҙ күмәк, йәнәһе, һеҙҙең Яровғам алла тип яһап биргән алтын башмаҡтарығыҙ бар. Раббы ҡаһиндары булған Һарун улдары менән левиҙәрҙе ҡыуып, сит халыҡтар һымаҡ үҙегеҙгә ҡаһиндар билдәләп ҡуйҙығыҙ түгелме ни? Бер үгеҙ башмаҡ менән ете һарыҡ тәкәһе килтереп, үҙен ҡаһин хеҙмәтенә бағышларға теләгән һәр бер кеше һеҙҙә ялған аллаларҙың ҡаһины була ала. Ә беҙгә килгәндә, беҙҙең Аллабыҙ – Раббы! Беҙ Унан баш тартманыҡ. Раббыға хеҙмәт итеүсе ҡаһиндар – Һарун улдары, левиҙәр ҙә үҙ вазифаларын башҡара. Улар көн дә иртәле-кисле тотош яндырыу ҡорбандары яндыра, хуш еҫ төтәтә, пак өҫтәлгә изге икмәктәрҙе теҙеп һала, кис һайын алтын шәмдәлдең майшәмдәрен тоҡандыра, сөнки беҙ Аллабыҙ Раббының күрһәтмәләрен үтәйбеҙ, ә һеҙ Уны ташланығыҙ. Бына, юлбашсыбыҙ Алла беҙҙең менән. Уның ҡаһиндары борғолар ҡысҡыртып һеҙгә ҡаршы һуғышҡа өндәргә әҙер тора. Исраилдар! Ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы Раббыға ҡаршы һуғышмағыҙ, барыбер уңышҡа ирешә алмаҫһығыҙ! Шул арала Яровғам уларҙың артынан йәшерен рәүештә бер төркөм һуғышсыларын ебәрә, үҙе йәһүҙиҙәрҙең ҡаршыһында тора, ә боҫҡон уларҙың артынан төшә. Йәһүҙиҙәр арттарына боролоп ҡараһа, ни күрһен – алда ла яу, артта ла яу. Шунда улар Раббынан ярҙам һорап ялбара башлай. Ҡаһиндар борғоларын ҡысҡырта, йәһүҙиҙәр барыһы бергә һуғыш оранын ҡысҡыра һәм Алла Авияһ менән йәһүҙиҙәр алдында Яровғамды һәм бөтә исраилдарҙы ҡырып һала. Исраилдар йәһүҙиҙәрҙән ҡаса башлай, Алла уларҙы йәһүҙиҙәр ҡулына тапшыра. Авияһ үҙенең ғәскәре менән уларҙы тар-мар итә: исраилдарҙың һайланма биш йөҙ мең яугире үлтерелә. Шул саҡта исраилдар буйһонорға мәжбүр була, ә ата-бабаларының Аллаһы Раббыға ышаныс бағлаған йәһүҙиҙәр еңә. Авияһ Яровғамды эҙәрлекләп ҡыуа төшә һәм уның ҡалаларын – Бейт-Илде, Йешананы, Ғәфронды улар тирәһендәге ауылдары менән бергә ҡулға төшөрә. Авияһ заманында Яровғам башҡаса ҡеүәтен туплай алмай. Раббы уның йәнен ала һәм ул вафат була. Авияһ иһә көсәйгәндән-көсәйә бара. Ул ун дүрт ҡатын ала, егерме ике улы менән ун алты ҡыҙы була. Авияһтың башҡа ғәмәлдәре, эш-ҡылыҡтары һәм әйткәндәре Ғиддо пәйғәмбәр яҙмаһында хикәйәләнә. Авияһ үлеп, ата-бабалары хозурына күсә. Ул Дауыт ҡалаһында ерләнә. Урынына улы Аса батша була. Аса батшалыҡ иткән ун йылда илдә тыныслыҡ була. Аса Аллаһы Раббы күҙендә яҡшы һәм дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡыла: ул сит илаһтарҙың ҡорбан усаҡтарын һәм табыныу ҡалҡыулыҡтарын юҡ иттерә, табыныу бағаналарын ваттыра, Ашераның ҡолғаларын ҡырҡтыра. Ул йәһүҙиҙәргә ата-бабаларының Аллаһы Раббыға ынтылырға, ҡанун һәм бойороҡтарын үтәргә ҡуша; Йәһүҙә ҡалаларының бөтәһендә лә табыныу ҡалҡыулыҡтарын һәм хуш еҫ төтәтеү ҡорбан усаҡтарын юҡҡа сығарта. Аса заманында батшалыҡ именлектә көн итә. Илдә тыныслыҡ булған дәүерҙә ул Йәһүҙә ҡалаларын нығыта. Раббы уға тыныс тормош биргән өсөн, ул йылдарҙа һуғыштар булмай. Аса йәһүҙиҙәргә былай ти: – Әйҙәгеҙ, ҡалаларҙы төҙөйөк, уларҙы диуарҙар менән уратайыҡ, күҙәтеү манаралары, арҡыры биктәр менән бикләнә торған ҡапҡалар эшләйек. Бар күңелдән Аллабыҙ Раббыға ынтылғанға күрә, ил әле үҙебеҙҙеке. Беҙ Уға ынтылабыҙ, ә Ул беҙгә һәр яҡлап тыныс тормош бирә. Шулай итеп, Йәһүҙә халҡы ҡалаларын төҙөкләндерә, эштәре уң була. Асаның Йәһүҙә ырыуынан ҡалҡан һәм һөңгө менән ҡоралланған өс йөҙ меңлек, Бинйәмин ырыуынан ҡалҡанлы һәм уҡ-һаҙаҡлы ике йөҙ һикһән меңлек ғәскәре булып, уларҙың барыһы ла ҡаһарман яугир була. Бына уларға ҡаршы өс йөҙ яу арбаһы булған бихисап ғәскәре менән Куш батшаһы Зерах яу аса. Ул Марешаға еткәс, Аса уға ҡаршы сыға. Алышҡа әҙерләнеп, Мареша эргәһендәге Сефаҫа үҙәнендә теҙеләләр. Аса, Аллаһы Раббыға ялбарып, былай ти: – Раббым! Көслөгә лә, көсһөҙгә лә ярҙам итеү Һинең генә ҡулыңдан килә. Аллабыҙ Раббы, зинһар, ярҙам ит беҙгә, беҙ тик Һиңә өмөтләнәбеҙ, Һинең исемең менән ошо тиклем ҙур сиреүгә ҡаршы сыҡтыҡ. Эй Раббым! Һин – беҙҙең Аллабыҙ: әҙәм затының Һинән өҫтөн сығыуына юл ҡуйма. Раббы Аса менән йәһүҙиҙәрҙең күҙе алдында куштарҙы тар-мар итә. Куштар ҡаса башлай. Аса үҙенең кешеләре менән уларҙы Герарға тиклем баҫтыра. Куштар ҡыйратыла, бер тере йән эйәһе лә ҡалмай, сөнки улар өҫтөнән Раббы һәм Уның ғәскәре еңеү яулай. Йәһүҙиҙәр бик күп яумал ала. Герар тирәһендәге ҡалаларҙа йәшәгән халыҡ Раббы дәһшәтенән ҡурҡып ҡалғанлыҡтан, йәһүҙиҙәр был ҡалаларҙы емереп, талап, бик күп яумал алып китә. Малсыларҙың сатырҙарын да туҙҙырып, көтөү-көтөү ваҡ малдарын, дөйәләрен ҡыуып алып китәләр һәм Йәрүсәлимгә ҡайталар. Ғодед улы Ғазаръяһҡа Алла Рухы иңә. Ул Асаның ҡаршыһына сыға ла былай ти: – Аса, йәһүҙиҙәр һәм бинйәминдәр, һәммәгеҙ мине тыңлағыҙ! Һеҙ Раббы менән булған саҡта Ул да һеҙҙең менән була. Әгәр Уны эҙләһәгеҙ, табырһығыҙ. Әгәр Уны ташлаһағыҙ, Ул да һеҙҙе ташлар. Оҙаҡ йылдар Исраил халҡы хаҡ Аллаһыҙ, юл күрһәтеүсе ҡаһинһыҙ, ҡанунһыҙ йәшәне. Ләкин баштарына бәлә килгәс, улар Исраил Аллаһы Раббыға йөҙ борҙолар, Уны эҙләнеләр, һәм Раббы уларға табылды. Ул дәүерҙә юлға сығыу ҡурҡыныс ине, килгәнгә лә, киткәнгә лә именлек булманы, ерҙә йәшәгән бөтә халыҡтар ҡуҙғыны. Бер халыҡ икенсе халыҡты юҡ итте, бер ҡала икенсе ҡаланы емерҙе, сөнки Алла төрлө хәтәрҙәр менән уларҙы хафаға һалды. Әммә һеҙ ныҡ булығыҙ. Беләктәрегеҙ талмаһын, сөнки ҡылған ғәмәлдәрегеҙ әжерһеҙ ҡалмаясаҡ. Ғодед улы Ғазаръяһ пәйғәмбәрҙең ошо пәйғәмбәрлек һүҙҙәрен ишеткәс, Аса рухланып китә һәм бөтә Йәһүҙә менән Бинйәмин ерҙәрендәге, Әфраим таулығында үҙе яулап алған ҡалаларҙағы ерәнгес боттарҙы тотошлайы менән ҡыйрата, Раббы ҡорамының айуаны алдындағы Раббының ҡорбан усағын яңырта. Бөтә йәһүҙиҙәр менән бинйәминдәрҙе, улар менән бергә йәшәргә тип күсеп килгән әфраимдарҙы, менашшеларҙы һәм шимғондарҙы саҡыра – Аллаһы Раббы Аса менән икәнлеген күргәс, исраилдарҙың күбеһе уның яғына сыҡҡан була. Асаның хакимлығының ун бишенсе йылында, йылдың өсөнсө айында Йәрүсәлимгә йыйылалар. Ошо көндө яумал малынан ете йөҙ баш эре малды, ете мең баш ваҡ малды Раббыға ҡорбан итәләр, ата-бабаларының Аллаһы Раббыға бөтөн йөрәктән һәм бар булмыштары менән ынтылырға вәғәҙә итеп, килешеү төҙөйҙәр. Ә Исраил Аллаһы Раббыға ынтылмағандар, оломо ул, кесеме, ир кешеме ул, ҡатын-ҡыҙмы, үлергә тейеш була. Шау-гөр килеп, шат ауаздар сығарып, борғолар һәм мөгөҙҙәр өрөп, Раббыға ант бирәләр. Һәммә йәһүҙиҙәр ҡыуанышып, бөтә йөрәктән ант итәләр. Улар бар тырышлыҡтарын һалып, Уға ынтылалар һәм Раббы уларға Үҙен аса. Раббы уларға һәр яҡлап именлек бирә. Ашера хөрмәтенә ерәнгес һын ҡуйҙырған өсөн Аса батша әсәһе Мағаханы батша әсәһе дәрәжәһенән мәхрүм итә һәм, был һынды тураҡлап, Ҡидрон үҙәнендә яндыра. Исраилда табыныу ҡалҡыулыҡтары һаман элеккесә ҡала бирә, шулай ҙа Асаның йөрәге бөтә ғүмере буйы Аллаға тоғро була. Атаһы һәм үҙе Раббыға бағышланған алтын-көмөштө, һауыт-һабаны Алла йортона тапшыра. Асаның хакимлығының утыҙ бишенсе йылына тиклем һуғыштар булмай. Аса хакимлығының утыҙ алтынсы йылында Исраил батшаһы Бағша Йәһүҙәгә һөжүм итә һәм, бер кем дә Йәһүҙә батшаһы Аса биләмәһенән сыға ла, унда инә лә алмаһын өсөн, Рама ҡәлғәһен нығытырға тотона. Аса, Раббы ҡорамында һәм батша һарайы хазинаһында булған алтын-көмөштө ала ла Дамаскта йәшәгән Арам батшаһы Бен-Һададҡа ебәрә. Уға былай тип әйтергә ҡуша: «Минең менән һинең арала минең атайым менән һинең атайың араһындағы кеүек килешеү булһын. Бына мин һиңә алтын-көмөш ебәрәм. Ә һин Исраил батшаһы Бағша менән төҙөгән килешеүеңде өҙ – ул ғәскәрҙәрен минең ерҙәремдән сығарһын». Бен-Һадад Аса батшаның тәҡдимен тыңлай һәм үҙенең ғәскәр башлыҡтарын Исраил ҡалаларына ҡаршы яуға ебәрә. Улар Ғиййонды, Данды, Авел-Майимды һәм Нафтали ерендәге келәт ҡәлғәләрҙе баҫып ала. Был хаҡта ишеткәс, Бағша Раманы нығытыуҙан туҡтай һәм был эшен ташлап ҡуя. Ә Аса батша барса йәһүҙиҙәрҙе алып килеп, Бағша төҙөлөштә файҙаланған таштарҙы, бүрәнәләрҙе Раманан ташытып бөтөрә лә улар менән Гевағ һәм Миспа ҡалаларын нығыта. Шул осорҙа Ханани әүлиә Йәһүҙә батшаһы Асаға килеп, уға былай ти: – Һин Аллаң Раббыға ышанмайынса, Арам батшаһына ышандың. Шуның өсөн, Арам батшаһының ғәскәре ҡулыңдан ысҡынды ла инде. Куштар менән ливиялыларҙың ғәскәрҙәре ҡеүәтле, яу арбалары һәм һыбайлылары иҫәпһеҙ-һанһыҙ түгел инеме ни? Ләкин һин Раббыға ышанғас, Ул уларҙы һинең ҡулыңа тапшырғайны. Раббы ер йөҙөндәге бар нәмәне күҙәтеп тора, Үҙенә тоғроларға көс-ҡеүәт бирә. Һин алйоттарса эш иттең. Бынан һуң башың һуғыштан сыҡмаясаҡ. Аса әүлиәгә бик ныҡ асыулана һәм, ярһып, уны зинданға яптыра. Шул осорҙа ул ҡайһы бер башҡа кешеләрҙе лә ҡыйырһыта. Асаның бөтә ғәмәлдәре башынан аҙағына тиклем Йәһүҙә һәм Исраил батшалары китабында яҙылған. Батшалыҡ итеүенең утыҙ туғыҙынсы йылында аяҡтары һыҙлаған Асаның хәле ныҡ ауырая. Әммә ауырыған саҡта ла ул Раббынан түгел, ә табиптарҙан ярҙам һорай. Аса батшалыҡ итеүенең ҡырҡ беренсе йылында вафат була һәм ата-бабалары хозурына күсә. Уны иҫән сағында үҙе өсөн Дауыт ҡалаһында ҡаяла уйҙырған төрбәгә ҡуялар. Уны төрлө хуш еҫле матдәләр, еҫле майҙар тултырылған ятаҡҡа һалалар, уның хөрмәтенә ҙур итеп усаҡ яндыралар. Асанан һуң тәхеткә улы Йеһошафат ултыра һәм илде Исраилға ҡаршы торорлоҡ итеп көсәйтә. Ул Йәһүҙәнең бөтә нығытылған ҡалаларына ғәскәрҙәр ҡуя, Йәһүҙә еренә, атаһы Аса яулап алған Әфраим ҡалаларына һаҡсы ғәскәрҙәр урынлаштыра. Раббы Йеһошафат менән була, сөнки ул боронғо бабаһы Дауыт башлап һалған юлдан тайпылмай, бәғелдәргә табынмай, ә атаһының Аллаһына ынтыла, Уның бойороҡтарын үтәй, исраилдарға эйәрмәй. Раббы уның батшалығын нығыта. Бөтә йәһүҙиҙәр Йеһошафатҡа бүләктәр килтерә һәм ул бик бай һәм данлыҡлы була. Йеһошафат бөтөн күңелен биреп Раббы юлында йөрөргә тырыша. Ул Йәһүҙәнән табыныу ҡалҡыулыҡтарын да, Ашераға ҡуйылған ҡолғаларҙы ла юҡ итә. Батшалыҡ итеүенең өсөнсө йылында ул ярандары Бен-Хаил менән Ғовадъяһты, Зәкәрьяһ менән Неҫанилды, Михаяһты Йәһүҙә ҡалаларына халыҡты уҡытырға ебәрә. Улар менән бергә левиҙәр Шемағъяһ, Неҫанъяһ, Зевадъяһ, Ғасаһил, Шемирамоҫ, Йонаҫан, Адонияһ, Товияһ, Тов-Адонияһ, шулай уҡ ҡаһиндар Әлишамағ менән Йеһорам була. Улар Йәһүҙәлә Раббының ҡанун китабынан һабаҡ бирә. Йәһүҙәнең бөтә ҡалаларында халыҡты уҡытып йөрөйҙәр. Йәһүҙә тирәһендәге бөтә батшалыҡтарҙы Раббы дәһшәте биләп ала, шуға күрә улар Йеһошафатҡа ҡаршы һуғыш асмай. Ҡайһы бер пелештиҙәр Йеһошафатҡа көмөштө бүләккә һәм яһаҡ итеп килтереп тора; ғәрәптәр ваҡ малдан ете мең ете йөҙ баш һарыҡ тәкәһе менән ете мең ете йөҙ баш кәзә тәкәһе алып килә. Йеһошафат күтәрелгәндән-күтәрелә, Йәһүҙәлә ҡәлғәләр, кәрәк-яраҡ һаҡлай торған келәт ҡәлғәләр төҙөтә. Йәһүҙә ҡалаларында ул күп итеп кәрәк-яраҡ туплай, Йәрүсәлимдә үҙенең ҡаһарман яугирҙәрен урынлаштыра. Бына уларҙың нәҫел буйынса төҙөлгән исемлеге: Йәһүҙә ырыуынан мең баштары: ғәскәр башы Ғадна һәм уның өс йөҙ мең ҡаһарман яугире; уның артынса – ғәскәр башы Йеһоханан һәм уның ике йөҙ һикһән мең яугире; унан – Зихри улы Ғамасъяһ һәм уның ике йөҙ мең баһадир яугире. Ғамасъяһ үҙ ихтыяры менән Раббыға хеҙмәт итә. Бинйәмин ырыуынан яугирҙәрҙең башлығы Әлъядағ була. Был баһадир һуғышсының уҡ-һаҙаҡлы һәм ҡалҡанлы ике йөҙ мең яугире; унан һуң – йөҙ һикһән мең ҡораллы яугире менән Йеһозавад. Был яугирҙәр батшаға хеҙмәт итә. Уларҙан тыш батша бөтә Йәһүҙәләге нығытылған ҡалаларға башҡа ғәскәрҙәрҙе урынлаштырған була. Йеһошафат ҙур байлыҡҡа эйә була һәм дан ҡаҙана. Ул Исраил батшаһы Ахав менән туғанлаша. Бер нисә йылдан Йеһошафат Самарияға Ахавҡа бара. Ахав Йеһошафат һәм уның юлдаштары хөрмәтенә эреле-ваҡлы бик күп мал сала. Ул Йеһошафатты бергәләп Ғилғәд Рамоҫына яу асырға өгөтләй. Исраил батшаһы Ахав Йәһүҙә батшаһы Йеһошафаттан: – Минең менән бергә Ғилғәд Рамоҫына бараһыңмы? – тип һорай. – Һин нисек – мин дә шулай, – тип яуаплай Йеһошафат. – Минең халҡым – һинең халҡың. Беҙ һинең менән бергә һуғышҡа барырбыҙ. Йеһошафат Исраил батшаһына тағын былай ти: – Тик тәүҙә Раббының кәңәшен һорап ҡара. Исраил батшаһы дүрт йөҙ пәйғәмбәрҙе йыйып ала ла: – Ғилғәд Рамоҫына ҡаршы яу менән барайыҡмы, әллә бармайыҡмы? – тип һорай. – Бар, – тип яуап ҡайтара пәйғәмбәрҙәр. – Алла ул ҡаланы батшаның ҡулына тапшырасаҡ. Әммә Йеһошафат: – Раббының тағы берәй пәйғәмбәре ҡалманымы? Унан да һорап ҡарар инек, – ти. Исраил батшаһы Йеһошафатҡа: – Тағы бер кеше бар барлығын, уның аша Раббыға мөрәжәғәт итеп була. Тик мин уны яратмайым, сөнки ул миңә йүнле нәмә юрамай, гел яманлыҡ күрәҙәләй. Михаяһ ул, Йимла улы, – ти. – Улай тимә әле һин, эй, батша, – ти Йеһошафат. Исраил батшаһы һарай әһелдәренең береһен саҡырып: – Йәһәт кенә Йимла улы Михаяһты алып кил! – ти. Исраил батшаһы Ахав менән Йәһүҙә батшаһы Йеһошафат затлы кейемдәрен кейеп, Самария ҡапҡаһы янындағы ырҙында һәр береһе үҙенең тәхетенә ултыра, ә бөтә пәйғәмбәрҙәр улар алдында пәйғәмбәрлек итә. Үҙенә тимер мөгөҙ яһап алған Кенағана улы Сидкияһ шунда белдерә: – Раббы былай ти: «Һин арамиҙарҙы ошо мөгөҙ менән һөҙөп, ҡырып бөтөрәсәкһең!» Башҡа пәйғәмбәрҙәр ҙә шуны уҡ юрай: – Ғилғәд Рамоҫына бар, юлың уңыр, Раббы уны батша ҡулына тапшырасаҡ. Михаяһты алырға ебәрелгән кеше уға былай ти: – Ҡара әле, бөтә пәйғәмбәрҙәр бер ауыҙҙан батшаға уңыш юрай, һинең һүҙең дә уларҙыҡы кеүек булһа ине: һин дә яҡшыға юра. – Тере Раббы шаһит: Аллам миңә нимә тиһә, шуны әйтермен, – тип яуап ҡайтара Михаяһ. Михаяһ батша алдына килә. Батша унан: – Михаяһ, әйт әле, Ғилғәд Рамоҫына яу менән барайыҡмы, әллә юҡмы? – тип һорай. – Барығыҙ, – ти Михаяһ. – Юлығыҙ уңыр, улар ҡулығыҙға тапшырылыр. – Раббы исеме хаҡына миңә тик дөрөҫөн генә һөйлә, тип һиңә күпме ялынырға була? – ти уға батша. Шунан Михаяһ былай ти: – Мин исраилдарҙың барыһының да көтөүсеһеҙ һарыҡтар шикелле тауҙарға һибелгәнен күрҙем. Раббы: «Быларҙың хужаһы юҡ. Һәр кем иҫән-аман сағында үҙ өйөнә ҡайтһын», – тип әйтте. – Был миңә бер йүнле нәмә лә әйтмәҫ, тик яманлыҡ ҡына юрар, тимәнемме ни һиңә? – ти Исраил батшаһы Йеһошафатҡа. Ә Михаяһ былай ти: – Улай булғас, Раббы һүҙен тыңлағыҙ! Мин Раббының Үҙ тәхетендә ултырғанын һәм эргәһендә уң яҡтан да, һул яҡтан да бөтә күк ғәскәре баҫып торғанын күрҙем. Раббы: «Ғилғәд Рамоҫына яу сабып, шунда һәләк булһын өсөн Исраил батшаһы Ахавты кем ҡоторта ала?» – тип һорағайны, береһе былай, икенсеһе тегеләй тәҡдим итте. Шунда бер рух сығып Раббы алдына баҫты ла: «Мин ҡоторта алам», – тине. Раббы унан: «Нисек итеп?» – тип һораны. «Мин барам да, алдаҡсы рух булып, уның бөтә пәйғәмбәрҙәрен ялған һөйләтәм», – тине рух. «Эйе, һин уны ҡоторта алырһың, – тине Раббы. – Бар, әйткәнеңде эшлә». Бына шулай итеп, Раббы был пәйғәмбәрҙәреңдең ауыҙына ялғансы рух индерҙе. Сөнки ул һинең башыңа бәлә күндерергә ҡарар итте. Шунда Кенағана улы Сидкияһ Михаяһтың янына килә лә яңағына һуғып ебәреп: – Раббының Рухы ни рәүешле минән китеп, һинең ауыҙыңдан һөйләй башланы әле? – ти. – Быны һин ҡайҙа йәшенергә белмәйенсә, иң төпкө бүлмәлә боҫоп ултырған көндө белерһең, – тип яуаплай Михаяһ. – Михаяһты ҡала башлығы Амон менән батша улы Йоашҡа алып барып тапшырығыҙ! – тип бойора Исраил батшаһы. – Батша шулай тип әйтте тиегеҙ: уны зинданға ултыртһындар, мин иҫән-аман ҡайтҡансы, аҙ-маҙ икмәк менән һыуҙан башҡа бер нәмә лә бирмәһендәр. – Әгәр ҙә һин иҫән-аман әйләнеп ҡайтһаң, минең аша Раббы һөйләмәгән булыр, – ти Михаяһ. Шунан: – Эй халыҡтар, әйткәнемде ишетегеҙ! – тип өҫтәй. Исраил батшаһы Ахав менән Йәһүҙә батшаһы Йеһошафат Ғилғәд Рамоҫына яу менән китә. Ахав Йеһошафатҡа былай ти: – Мин яуға кейемемде алмаштырып инермен, ә һин үҙеңдең батша кейемеңдә бул. Исраил батшаһы кейемен алмаштыра ла, яуға инәләр. Арам батшаһы яу арбалары башлыҡтарына: – Башлыҡмы ул, ябай яугирме – алышып тормағыҙ, бары Исраил батшаһы менән генә һуғышығыҙ! – тип бойорған була. Яу арбаларының башлыҡтары Йеһошафатты күрә лә, Исраил батшаһы икән тип уйлап, алышыр өсөн уны уратып ала. Ләкин Йеһошафат ҡысҡырып ебәрә, һәм Алла уға ярҙам итә. Алла уны һаҡлап алып ҡала, яу арбаларының башлыҡтары уның Исраил батшаһы түгеллеген күрә лә боролоп китә. Бер яугир, төҙәп тормайынса уҡ атып ебәрә лә, Исраил батшаһын яралай. Уҡ һарайтаһының йөйө аша барып ҡаҙала. Ахав яу арбаһын йөрөтөүсеһенә: – Атыңды бор, мине яу яланынан алып сыҡ, йәрәхәтләндем, – ти. Көслө алыш көнө буйы дауам итә. Исраил батшаһына яу арбаһында арамиҙар ҡаршыһында һөйәлеп баҫып торорға тура килә. Кискеһен ҡояш байығанда батша йән бирә. Йәһүҙә батшаһы Йеһошафат Йәрүсәлимдәге өйөнә иҫән-аман ҡайтып етә. Уның ҡаршыһына Ханани улы Йеһу әүлиә сығып, былай ти: – Һиңә ни өсөн иманһыҙға ярҙам итеп, Раббыны күрә алмаусыларҙы ниңә яратырға кәрәк булды? Шул арҡала һиңә Раббының асыуы төшәсәк. Ярай әле һинең яҡшы эштәрең дә бар. Һин Ашераның ҡолғаларынан арындырҙың, йөрәгеңде Алланы эҙләүгә бағышланың. Йеһошафат Йәрүсәлимдә йәшәй. Ул Беер-Шәвәғтән алып Әфраим таулығына тиклемге ерҙәрҙә көн иткән халҡын йәнә ҡат-ҡат урап сыға, уларҙы ата-бабаларының Аллаһы Раббыға ҡайтырға инандыра. Йәһүҙәләге бөтә нығытылған ҡалаларҙа хөкөмдарҙар тәғәйенләп, уларға былай ти: – Һәр эшегеҙҙә иғтибарлы булығыҙ, һеҙ кеше хөкөмөн түгел, Раббы хөкөмөн ҡылыуығыҙҙы, хөкөм эшендә Уның ҡатнашҡанын белеп тороғоҙ. Алланан ҡурҡығыҙ, алдығыҙҙы-артығыҙҙы ҡарап йөрөгөҙ, сөнки Аллабыҙ Раббыға ялғанлау ҙа, кеше айырыу ҙа, ришүәтселек тә хас түгел. Йеһошафат Йәрүсәлимдә ҡайһы бер левиҙәрҙе, ҡаһиндарҙы һәм Исраил нәҫелдәре башлыҡтарын Раббы ҡанунына нигеҙләнеп хөкөм сығырырға һәм кешеләр араһындағы дәғүәләрҙе хәл итергә тәғәйенләй. Улар Йәрүсәлимдә йәшәй. Йеһошафат уларға шундай бойороҡ бирә: – Вазифағыҙҙы Раббынан ҡурҡып, тоғролоҡ һәм саф күңел менән башҡарығыҙ. Үҙ ҡалаларында йәшәгән ағай-энегеҙҙән килгән бәхәсле эштәрҙең ҡайһыһын ҡарағанда ла – үлтереш булһынмы ул, ҡанун, бойороҡ, ҡағиҙә йә ҡарар үтәлешенә ҡағылһынмы – Раббы алдында гонаһ ҡылып ҡуймаһындар, үҙҙәренең һәм һеҙҙең башығыҙға Раббының ҡәһәрен төшөрмәһендәр өсөн, уларҙы иҫкәртегеҙ; шулай итһәгеҙ, гонаһҡа тарымаҫһығыҙ. Бына баш ҡаһин Амаръяһ – Раббыға ҡағылышлы эштәрҙә, Исмәғил улы Зевадъяһ, Йәһүҙә ырыуы башлығы, батшаның бөтә эштәрендә һеҙҙең өҫтә торор, ә левиҙәр эргәгеҙҙә идара эштәрен башҡарыр. Ҡыйыу эш итегеҙ, Раббы яҡшылыҡ ҡылыусы менән булһын! Күпмелер ваҡыттан һуң моавтар менән ғаммондар, йәнә лә Мағон иленән ҡайһы берәүҙәр уларға ҡушылып, Йеһошафатҡа ҡаршы яу аса. Хәбәрселәр килеп, Йеһошафатҡа: – Диңгеҙ аръяғынан, Эдом яғынан, һиңә ҡаршы иҫәпһеҙ-һанһыҙ сиреү килә, улар инде Хасасон-Тамарға килеп еткән, – тиҙәр. Хасасон-Тамарҙың икенсе исеме – Ғейн-Геди. Йеһошафат ҡаты ҡурҡыуға ҡала. Ул Раббынан һорарға ҡарар ҡыла һәм бөтә Йәһүҙәлә ураҙа иғлан итә. Йәһүҙиҙәр Раббынан ярҙам ялбарырға тип бергә йыйыла. Улар Раббыға мөрәжәғәт итер өсөн Йәһүҙәнең барлыҡ ҡалаларынан килә. Йеһошафат Йәһүҙә һәм Йәрүсәлим халҡы алдына – Раббы ҡорамының яңы ихатаһына сығып баҫа ла былай ти: – Ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы Раббы! Һин асмандарҙағы Алла! Һин бар халыҡтарҙың батшалыҡтары өҫтөнән хакимлыҡ итәһең. Һинең ҡулыңда – көс һәм ҡөҙрәт, һис кем Һиңә ҡаршы тора алмай! Эй Аллабыҙ! Һин ошо ерҙә йәшәүселәрҙе халҡың Исраил алдынан ҡыуып ебәреп, уны мәңгелеккә Үҙеңдең дуҫың Ибраһим нәҫеленә бирҙең түгелме ни? Улар шунда төйәкләнеп, Һинең исемеңә бағышланған Изге торлаҡ төҙөнөләр һәм былай тиҙәр: «Башыбыҙға бәлә-ҡаза килгәндә – язалаусы ҡылысмы, үләтме, аслыҡмы ул – беҙ Һинең исемең төйәкләнгән ошо йорт алдына, Һинең хозурыңа киләбеҙ, үҙебеҙ дусар булған һәләкәт хаҡында Һиңә ялбарабыҙ, шунда Һин беҙҙе ишетәһең һәм ҡотҡараһың». Бына хәҙер ғаммондар, моавтар һәм Сеғир тауҙарында йәшәүселәр, Мысыр иленән килгән саҡтарында исраилдарға Һин ерҙәренә инергә рөхсәт итмәгән, шул сәбәптән ҡырылмай тороп ҡалған халыҡтар беҙгә нимә менән яуап ҡайтара? Улар Һин беҙгә милек итеп биргән ерҙән беҙҙе ҡыуырға тип килгән. Аллабыҙ беҙҙең! Һин Үҙең уларға хөкөмөңдө ҡылһаңсы! Был тиклем ҙур көскә ҡаршы торорлоҡ хәлебеҙ юҡ, беҙ ни ҡылырға ла белмәйбеҙ. Беҙҙең күҙҙәребеҙ бары Һиңә төбәлгән! Бөтә Йәһүҙәнең ир-аттары ҡатындары, бала-сағалары менән Раббы ҡаршыһында баҫып тора. Шул саҡ ошо йыйында Зәкәрьяһ улы Яхазиилға Раббы рухы иңә. Зәкәрьяһ Бенаяһ улы булып, Бенаяһ – Йеғиилдан, Йеғиил Леви ырыуынан булған Маттанъяһтан донъяға килә. Уларҙың нәҫел баштары Асаф була. Ул былай ти: – Бөтә йәһүҙиҙәр, Йәрүсәлимдә йәшәүселәр, Йеһошафат батша, тыңлағыҙ! Һеҙгә Раббы былай ти: «Был иҫәпһеҙ-һанһыҙ сиреүҙән ҡурҡмағыҙ, ҡотоғоҙ осмаһын! Был һуғыш һеҙҙеке түгел, ә Алланыҡы. Иртәгә уларға ҡаршы сығығыҙ. Улар хәҙер Сис артылышынан килә, ә һеҙ уларҙы үҙән осонда, Йеруил сүле алдында, тап итерһегеҙ. Был юлы һеҙгә һуғышаһы түгел; һеҙ шунда баҫығыҙ ҙа Раббының һеҙҙе нисек ҡотҡарғанын ҡарап тороғоҙ. Йәһүҙә һәм Йәрүсәлим! Ҡурҡмағыҙ, ҡотоғоҙ алынмаһын! Иртәгә ҡаршыларына барығыҙ, Раббы һеҙҙең менән булыр». Йеһошафат йөҙтүбән ергә ҡаплана, уның менән бергә бөтә йәһүҙиҙәр һәм Йәрүсәлим халҡы Раббы алдында ергә ҡапланып, Уға сәждә ҡыла. Ҡыһаҫ һәм Ҡорах нәҫеленән булған левиҙәр аяғүрә баҫып, Исраил Аллаһы Раббыға көслө тауыш менән маҡтау яуҙырырға тотона. Иртүк тороп Теҡоға сүленә табан юлланалар. Шунда Йеһошафат халыҡ алдына баҫып һүҙ ала: – Тыңлағыҙ мине, Йәһүҙә һәм Йәрүсәлим кешеләре! Аллағыҙ Раббыға ышанығыҙ, шул сағында ныҡ булырһығыҙ. Уның пәйғәмбәрҙәренә ышанығыҙ, шунда уңыш ҡаҙанырһығыҙ, – ти ул. Йеһошафат халыҡ менән кәңәшләшкәндән һуң, ҡораллы һуғышсылар алдынан барып, Раббыға һәм Уның мөҡәддәс бөйөклөгөнә дан йырлар. «Раббыға шөкөр итегеҙ, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек!» – тип тәҡрәр итер өсөн йырсылар билдәләй. Һөрән һалып маҡтау йырлай башлаған мәлдәрендә, Йәһүҙәгә яу менән килә ятҡан ғаммондар, моавтар һәм Сеғир тауҙарында йәшәүселәргә ҡаршы боҫҡон ҡора һәм улар ҡырыла. Ғаммондар менән моавтар Сеғир тауҙары кешеләренә һөжүм итә, сеғирҙарҙы ҡырып һалғас, бер-береһен ҡыйратырға тотона. Йәһүҙиҙәр сүлдәге ҡалҡыулыҡҡа килеп дошман ғәскәренә ҡараһа, ни күрәләр – күп һанлы мәйеттәр менән ер тулған, береһе лә иҫән ҡалмаған. Йеһошафат халҡы менән бергәләп яумал йыя башлай: бик күп мал-мөлкәт, кейем-һалым, затлы әйберҙәр табалар, күтәреп алып китмәҫтәй итеп йөкмәнәләр. Өс көн буйы ташыйҙар былар яумалды – ул шул тиклем күп була. Дүртенсе көндө Шөкөр үҙәненә йыйылалар, шунда Раббыға шөкөр ҡылалар. Шуға күрә был ерҙе әлегәсә Шөкөр үҙәне тип йөрөтәләр. Шунан һуң барлыҡ йәһүҙиҙәр һәм йәрүсәлимдәр ҡыуанышып Йеһошафат артынан Йәрүсәлимгә ҡайтырға сыға, сөнки Раббы, дошмандарынан ҡотҡарып, оло ҡыуаныс бүләк итә. Йәрүсәлимгә лиралар, арфалар, борғолар тауышы аҫтында ҡайтып, Раббы йортона киләләр. Раббының Исраил дошмандарына ҡаршы алышҡанын ишеткәс, ерҙәге бөтә батшалыҡтар Алланан ҡурҡып ҡала. Йеһошафат батшалығында тыныслыҡ урынлаша, Алла уға һәр яҡлап именлек бирә. Шулай итеп, Йеһошафат Йәһүҙәлә хакимлыҡ итә. Тәхеткә ултырғанда ул утыҙ биш йәштә була һәм Йәрүсәлимдә егерме биш йыл батшалыҡ итә. Әсәһе Ғазува – Шилхи ҡыҙы була. Йеһошафат атаһы Асаның юлынан тайпылмай, Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡыла. Ләкин әлегә табыныу ҡалҡыулыҡтары юҡ ителмәгән, ә халыҡ ата-бабаларының Аллаһына тулыһынса боролоп бөтмәгән була. Йеһошафаттың башҡа ғәмәлдәре башынан аҙағынаса Ханани улы Йеһу яҙмаларында хикәйәләнгән һәм Исраил батшалары китабына индерелгән. Ләкин быларҙан һуң Йәһүҙә батшаһы Йеһошафат яман эштәр ҡылған Исраил батшаһы Ахазъяһ менән әшнәләшә. Улар бергәләшеп Таршишҡа ебәрер өсөн караптар төҙөй. Караптарҙы улар Ғәсйон-Гәвәрҙә яһай. Марешанан Додауа улы Әлиғәзәр, Йеһошафатҡа пәйғәмбәрлек итеп, былай ти: – Ахазъяһ менән әшнәләшкәнеңә күрә, Раббы һинең эшеңде юҡҡа сығарасаҡ. Караптар емерелә һәм Таршишҡа барып етә алмай. Йеһошафат вафат булып, ата-бабаларына ҡушыла һәм Дауыттың ҡалаһында үҙенең ата-бабалары янына дәфен ҡылына. Уның урынына улы Йеһорам тәхеткә ултыра. Уның бер туғандары – Ғазаръяһ, Йехиил, Зәкәрьяһ, Азаръяһ, Михаил, Шефатъяһ. Улар һәммәһе Исраил батшаһы Йеһошафаттың улдары була. Аталары уларға Йәһүҙәнең нығытылған ҡалалары менән бергә күп алтын-көмөш, затлы әйберҙәр бүләк итә, батшалыҡты иһә, баш балаһы булғанлыҡтан, Йеһорамға тапшыра. Йеһорам атаһы урынына тәхеткә ултырып, хакимлығын нығытҡандан һуң, бөтә ҡустыларын, шулай уҡ Исраилдың ҡайһы бер түрәләрен ҡылыстан үткәрә. Батша булғанда Йеһорамға утыҙ ике йәш була. Ул Йәрүсәлимдә һигеҙ йыл хакимлыҡ итә. Ҡатыны Ахавтың ҡыҙы булғанлыҡтан, Йеһорам да, Ахав нәҫеле һымаҡ, Исраил батшаларының юлын ҡыуа, Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла. Шулай булһа ла, Раббы Дауыт менән төҙөлгән килешеү хаҡына Дауыт йортон һәләк итергә теләмәй, сөнки уға, шәмең һәр ваҡыт янып торор, тип вәғәҙә биргән була. Йеһорам батша булған ваҡытта, эдомдар Йәһүҙәгә ҡаршы баш күтәреп, уның хакимлығы аҫтынан сыға һәм үҙҙәренә батша һайлап ҡуя. Йеһорам бөтә ғәскәр башлыҡтары, яу арбалары менән бергә шул тарафҡа йүнәлә. Бында уны Эдом ғәскәре уратып ала. Әммә Йеһорам төндә яу арбаларының башлыҡтары менән бергә ҡамалышты йырып сыға. Ошо ваҡыттан алып бөгөнгә тиклем Эдом Йәһүҙәгә буйһонмай. Шул осорҙа Ливна ҡалаһы ла баш күтәрә, сөнки Йеһорам ата-бабаларының Аллаһы Раббыны ташлай. Йәһүҙәләге ҡалҡыулыҡтарҙа табыныу урындары булдыра, Йәрүсәлим халҡын сит илаһтарға табынырға өндәп, йәһүҙиҙәрҙе юлдан яҙҙыра. Уға Ильяс пәйғәмбәрҙән хат килә. Унда былай тиелгән була: Һинең боронғо бабаң Дауыттың Аллаһы Раббы бына нимә ти: «Һин атайың Йеһошафаттың, Йәһүҙә батшаһы Асаның юлынан йөрөмәнең, ә Исраил батшаларына эйәрҙең. Ахав нәҫеле Исраилды аҙҙырған кеүек, һин Йәһүҙә менән Йәрүсәлим халҡын сит илаһтарға табынырға өндәнең. Өҫтәүенә, һин ҡустыларыңды, атайыңдың улдарын, үлтерттең, ә улар һинән яҡшыраҡ ине. Бына шуның өсөн Раббы һинең халҡыңа, балаларыңа, ҡатындарыңа, барлыҡ мөлкәтеңә ауыр ҡаза ебәрәсәк. Үҙең иһә ауыр эс ауырыуына юлығырһың. Ул ауырыу көндән-көн аҙа барып, эсеңдәге бөтә ағзаларың ҡойолоп төшәсәк». Раббы пелештиҙәр менән ғәрәптәрҙе, куштарҙың күршеләрен, Йеһорамға ҡаршы ҡуҙғыта. Улар Йәһүҙәгә табан юллана, уға бәреп инә һәм батша һарайында табылған барлыҡ мөлкәтте, шулай уҡ улдарын һәм ҡатындарын алып китә. Уның кинйәһе Йеһоахаздан башҡа улы ҡалмай. Ошоларҙан һуң Раббы уны ҡотолоп булмаҫлыҡ эс ауырыуына юлыҡтыра. Көндән-көнгә был дауам итә, ә икенсе йылдың аҙағына ауырыуҙан уның эсе ҡойола һәм бик ныҡ һыҙланып-яфаланып, Йеһорам донъя ҡуя. Уның ата-бабаларын ҡуйғанда ерләү усаҡтары яндырған халыҡ Йеһорам хаҡына усаҡ яғыуҙы кәрәк тапмай. Утыҙ ике йәшендә тәхеткә ултырған Йеһорам Йәрүсәлимдә һигеҙ йыл батшалыҡ итә, ул мәрхүм булғас, илаусы-һыҡтаусы табылмай. Уны Дауыт ҡалаһында дәфен ҡылһалар ҙа, батшалар төрбәһенә ҡуймайҙар. Ғәрәптәр менән бергә йәһүҙиҙәр тупламына һөжүм иткән баҫҡынсылар Йеһорамдың өлкән улдарын үлтереп киткән була. Шул сәбәпле Йәрүсәлим халҡы Йеһорам урынына уның кинйә улы Ахазъяһты батша итеп ҡуя. Шулай итеп, Йәһүҙә тәхетенә Йеһорам улы Ахазъяһ ултыра. Ахазъяһ егерме ике йәшендә батша була һәм Йәрүсәлимдә бер йыл батшалыҡ итә. Уның әсәһе Ғомриҙың ейәнсәре Ғаҫалъяһ була. Ахазъяһ та Ахав йортоноң юлын ҡыуа, сөнки уны әсәһе ҡанунһыҙ ғәмәлдәргә этәрә. Ул, Ахав нәҫеленә оҡшап, Раббы күҙендә яман булған ғәмәлдәр ҡыла, сөнки атаһы мәрхүм булғандан һуң, Ахав йортоноң ағзалары уның кәңәшселәре булып, уны һәләкәткә килтерә. Ахазъяһ, уларҙың кәңәшен тыңлап, Исраил батшаһы Ахавтың улы Йорам менән бергә Ғилғәд Рамоҫына Арам батшаһы Хазаилға ҡаршы яуға бара. Был һуғышта арамиҙар Йорамды яралай. Ул, Рама ҡалаһында Арам батшаһы Хазаилға ҡаршы һуғышҡанда алған яраларын дауаларға, Изреғилгә ҡайта. Йәһүҙә батшаһы Йеһорам улы Ахазъяһ иһә йәрәхәтләнгән Ахав улы Йорамдың хәлен белешергә тип Изреғилгә килә. Раббы ихтыяры буйынса Ахазъяһ, Йорам янына килеп, үлемен шунда табырға тейеш була. Бында килгәс, улар Йорам менән бергәләп Нимши улы Йеһуҙы ҡаршы алырға сығалар. Йеһуҙы Раббы Ахав йортон юҡ иттерер өсөн һайлап алған була. Йеһу, Ахав нәҫеленә сығарылған хөкөмдө бойомға ашырған саҡта, Йәһүҙә түрәләрен һәм Ахазъяһҡа хеҙмәт иткән ағай-энеһенең улдарын осрата һәм барыһын да үлтерә. Шунан Йеһу Ахазъяһты эҙләргә тотона. Уны, Самарияла йәшенеп йөрөгән еренән табып, Йеһуға алып киләләр һәм үлтерәләр. Әммә уны дәфен ҡылалар, сөнки: «Ул бөтөн йөрәге менән Раббыға ынтылған Йеһошафат улы бит!» – тиҙәр. Шулай итеп, Ахазъяһ йортонда батша булырлыҡ берәү ҙә ҡалмай. Ахазъяһтың әсәһе Ғаҫалъяһ, улының үлгәне тураһында ишеткәс, Йәһүҙә батшаһы нәҫеленән булғандарҙың бөтәһен дә ҡырырға керешә. Ләкин Йеһошавғаҫ, Йеһорам батшаның ҡыҙы, Ахазъяһтың үлемгә дусар ителгән башҡа улдары араһынан Йоаш тигән улын урлап алып, уны һөт әсәһе менән бергә йоҡо бүлмәһенә йәшерә. Шулай итеп, Йеһорам батшаның ҡыҙы, Йеһоядағ ҡаһиндың ҡатыны, Ахазъяһтың ҡыҙ туғаны Йеһошавғаҫ Йоашты Ғаҫалъяһтан йәшерә һәм ул тере ҡала. Илдә Ғаҫалъяһ батшалыҡ иткән ваҡытта, бала алты йыл буйына улар менән Алла ҡорамында йәшенеп йәшәй. Етенсе йылына Йеһоядағ, тәүәккәлләп, йөҙ баштары Ғазаръяһ Йерохам улы, Исмәғил Йеһоханан улы, Ғазаръяһ Ғовед улы, Мағасеяһ Ғадаяһ улы, Әлишафат Зихри улы менән килешеү төҙөй. Улар, Йәһүҙә буйлап йөрөп, бөтә ҡалаларҙан левиҙәрҙе һәм Исраилдың ғаилә башлыҡтарын йыя һәм Йәрүсәлимгә алып килә. Был йыйын Алла йортонда батша менән килешеү төҙөй. Йеһоядағ йыйылыусыларға былай ти: – Бына был батша улы! Раббының Дауыт нәҫеле хаҡында биргән вәғәҙәһенә ярашлы, тәхеткә ул ултырырға тейеш. Һеҙ былай итегеҙ: шәмбе көндө хеҙмәтен башҡарған ҡаһиндар менән левиҙәрҙең өстән бер өлөшө ҡапҡаларҙы һаҡлаһын, өстән бер өлөшө – батша һарайында, өстән бере Нигеҙ ҡапҡаһы төбөндә булһын. Ә бар халыҡ Раббы ҡорамының ихаталарында торһон. Раббы ҡорамына ҡаһиндар менән хеҙмәттәге левиҙәрҙән башҡа берәү ҙә инмәһен. Улар пакланыу йолаһын үткән, шуға күрә инә алалар. Ә ҡалған кешеләр Раббының бойороғон үтәһен. Левиҙәр, һәр ҡайһыһы ҡорал тотоп, батшаны уратып баҫһын, кем ҡорамға инә – шул үлтерелһен. Батша ҡайҙа барһа ла, артынан ҡалмағыҙ. Левиҙәр һәм барлыҡ йәһүҙиҙәр Йеһоядағ ҡаһиндың бойороҡтарын бер һүҙһеҙ үтәй. Йөҙ баштары шәмбе көндө хеҙмәтен башлаған һәм хеҙмәтен теүәлләгән һәр кемде үҙ янына туплай, сөнки Йеһоядағ ҡаһин бер кемгә лә китергә рөхсәт бирмәй. Йеһоядағ ҡаһин йөҙ баштарына һөңгөләр менән Дауыт батшаның Алла ҡорамында һаҡланған ҙур һәм бәләкәй ҡалҡандарын таратып бирә. Ул ҡулдарына ҡорал тотҡан кешеләрҙе, батшаны һәр яҡтан һаҡлар өсөн, ҡорамдың көньяғынан төньяғына тиклем ҡорбан усағы һәм ҡорам тирәләй ҡуйып сыға. Шунан батша улын алып киләләр, башына таж кейҙерәләр, ҡанун китабы тотторалар. Йоашты батша тип иғлан итәләр. Йеһоядағ менән улдары Йоашты мәсехләй һәм халыҡ: «Йәшәһен батша!» – тип ҡысҡыра. Ғаҫалъяһ, йүгерешкән һәм батшаны сәләмләгән халыҡтың шаулашҡанын ишетеп, улар янына, Раббы ҡорамына килә һәм ни күрә: батша ишек төбөндә ҡалҡыу урында тора, уны тирәләп хәрби башлыҡтар менән борғосолар баҫҡан, ил халҡы ҡыуаныша, борғо ҡысҡырта, уйын ҡоралдары тотҡан йырсылар береһенән-береһе уҙҙырып маҡтау йырлай. Ғаҫалъяһ, өҫтөндәге кейемен йыртып: «Хыянат! Хыянат!» – тип ҡысҡыра. Йеһоядағ ҡаһин төркөмдәр менән идара итеүсе йөҙ баштарына: – Ул ҡатынды бынан, рәттәр араһынан, алып сығығыҙ! Кем уға эйәрә, ҡылыстан үткәрегеҙ, – тип бойора. Ул Ғаҫалъяһтың Раббы ҡорамында үлтерелгәнен теләмәй. Ғаҫалъяһты тотоп алалар һәм, һарайҙың Ат ҡапҡаһына инә торған еренә алып килеп, шунда үлтерәләр. Йеһоядағ үҙенең, халыҡтың һәм батшаның Раббы халҡы булыуы тураһында килешеү төҙөй. Шунан һуң бөтә халыҡ барып, Бәғелдең ҡорамын емерә. Ундағы ҡорбан усаҡтарын, боттарын ваталар; Бәғел ҡаһины Маттанды ҡорбан усаҡтары алдында үлтерәләр. Артабан Йеһоядағ Дауыттың Раббы ҡорамы хаҡындағы күрһәтмәләрен үтәп, ҡаһиндар һәм левиҙәрҙән Раббы ҡорамы өсөн яуаплы кешеләр билдәләй. Улар, Муса ҡанунында яҙылғанса, Раббыға тотош яндырыу ҡорбандары килтерергә һәм был йоланы Дауыт ҡушҡанса ҡыуанышып, йырлаша-йырлаша башҡарырға тейеш була. Нимәнән булһа ла нәжесләнгән кеше инә алмаһын өсөн Раббы ҡорамы ҡапҡаһы төбөнә һаҡсылар ҡуя. Шунан йөҙ баштары, түрәләр, халыҡ башлыҡтары һәм илдең бар халҡы оҙатыуында батшаны Раббы ҡорамынан алып сыға. Улар Юғары ҡапҡа аша батшаны һарайға алып киләләр һәм тәхеткә ултырталар. Ил халҡы күңел аса. Ғаҫалъяһ ҡылыстан үткәрелгәндән һуң, ҡалала тыныслыҡ урынлаша. Тәхеткә ултырғанда Йоашҡа ете йәш булып, Йәрүсәлимдә ул ҡырҡ йыл батшалыҡ итә. Әсәһе Сивья тыумышы менән Беер-Шәвәғтән була. Йеһоядағ ҡаһин иҫән саҡта, Йоаш Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡыла. Йеһоядағ уға ике ҡатын алып бирә. Йоаштың улдары, ҡыҙҙары тыуа. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң Йоаш Раббы ҡорамын яңыртырға була. Ул, ҡаһиндар менән левиҙәрҙе йыйып, былай ти: – Йәһүҙәнең ҡалаларын йөрөп сығығыҙ, Аллағыҙҙың ҡорамын йылдан-йылға ҡарап-тәрбиәләп торорлоҡ булһын өсөн, бөтә исраилдарҙан көмөш йыйығыҙ, был эште йәһәтләтегеҙ. Әммә левиҙәр ҡабаланмай. Батша баш ҡаһин Йеһоядағты саҡырып ала ла былай ти: – Ниңә һин левиҙәрҙән Йәһүҙә һәм Йәрүсәлимдән һалым йыйып алып ҡайтыуҙарын талап итмәйһең? Килешеү сатыры хәжәттәренә тотонола торған был һалымды Раббы ҡоло Муса менән Исраил йәмғиәте билдәләгән. Яуыз Ғаҫалъяһтың улдары Раббы ҡорамын талап, ундағы мөҡәддәс әйберҙәрҙе Бәғелгә табыныу өсөн ҡулланды бит! Батша бойороғо буйынса бер йәшник яһап, Раббы ҡорамының ҡапҡаһы төбөнә, тышҡы яҡҡа ултырталар. «Алла ҡоло Муса сүлдә саҡта исраилдарға һалған түләүҙе Раббыға алып килегеҙ», – тип бөтә Йәһүҙә менән Йәрүсәлимгә иғлан итәләр. Бөтә түрәләр һәм халыҡ быға ҡыуана һәм йәшникте тултырғансы килтереп һалып тора. Левиҙәр йәшникте батша түрәләренә алып килеп, тегеләр унда аҡсаның күплеген күргәс, батшаның сәркәтибе менән баш ҡаһиндың ышаныслыһы килеп йәшникте бушата ла, уны яңынан урынына илтеп ҡуя. Көндән-көнгә ошолай бик күп көмөш йыялар. Батша менән Йеһоядағ йыйылған көмөштө Раббы ҡорамында эш башҡарыусыларға илтеп тора, ә улар Раббы ҡорамын яңыртыу өсөн ташсылар менән балта оҫталарын, Раббы ҡорамын йүнәтеү өсөн тимерселәр менән баҡырсыларҙы яллай. Эшселәр эшләй, төҙәтеүҙәр улар ҡулы менән бойомға ашырыла. Улар Алла ҡорамын тейешле хәлгә килтерә, нығыта. Төҙөлөш тулыһынса тамамланғандан һуң, улар батша менән Йеһоядағҡа ҡалған көмөштө килтереп тапшыра. Был көмөштән Раббы ҡорамында хеҙмәт үтәү һәм яндырыу ҡорбаны килтергәндә кәрәк булған һауыттар ҡоялар, шулай уҡ алтын, көмөштән башҡа һауыт-һаба яһайҙар. Йеһоядағ иҫән ваҡытта Раббы ҡорамында тотош яндырыу ҡорбандары даими килтереп торола. Йеһоядағ ҡартая, донъялыҡтан туйып, йөҙ утыҙ йәшендә мәрхүм була. Уны Дауыт ҡалаһында батшалар янына ҡуялар, сөнки ул Аллаға һәм Уның ҡорамына хеҙмәт итеп, Исраилда тик изгелек кенә эшләй. Йеһоядағтың вафатынан һуң, Йәһүҙә түрәләре батшаға килеп баш эйә, батша иһә уларҙы тыңлай башлай. Улар ата-бабаларының Аллаһы Раббының ҡорамын ташлап, алиһә Ашера хөрмәтенә ҡуйылған ҡолғаларға һәм боттарға табынырға тотона. Уларҙың был гонаһы арҡаһында Йәһүҙә менән Йәрүсәлимгә Алланың асыуы төшә. Халҡын Үҙенә ҡайтарам тип, Раббы уларға пәйғәмбәрҙәрен ебәрә. Әммә халыҡ пәйғәмбәрҙәрҙең киҫәтеүенә ҡолаҡ һалмай. Йеһоядағ ҡаһиндың улы Зәкәрьяһты Алла рухы солғап ала һәм ул халыҡ алдына баҫып әйтә: – Раббы былай ти: «Ни өсөн һеҙ Раббы бойороҡтарын боҙаһығыҙ? Эштәрегеҙҙә уңышҡа ирешә алмаясаҡһығыҙ, сөнки Раббыны һеҙ нисек ташлаһағыҙ, Ул да һеҙҙе шулай ташлаясаҡ». Әммә Зәкәрьяһҡа ҡаршы фетнә ойошторола, батша бойороғо буйынса, уны Раббы ҡорамы ихатаһында таш бәреп үлтерәләр. Йоаш батша Йеһоядағтың үҙенә эшләгән изгелектәрен иҫенә лә төшөрмәй, уның улын үлтерә. Йән биргәндә Зәкәрьяһ: – Раббы күрһен дә язаһын бирһен, – ти. Ошо йылдың аҙағында Арам ғәскәре Йәһүҙә менән Йәрүсәлимгә килеп һөжүм итә, халыҡтың бөтә башлыҡтарын ҡыра, барлыҡ яумалды үҙҙәренең батшаһына Дамаскка оҙата. Арам ғәскәре аҙ һанлы булһа ла, Раббы ата-бабаларының Аллаһын онотҡан өсөн йәһүҙиҙәрҙең бихисап күп ғәскәрен улар ҡулына тапшыра. Шулай итеп, Йоаш батша язаһын ала. Арамиҙар уны ауыр яралы хәлдә ҡалдырып китә, әммә ярандары, Йеһоядағ ҡаһиндың улының ҡанын түккән өсөн, уны ятҡан түшәгендә үлтерә. Йоаш шулай үлә. Уны Дауыт ҡалаһында ерләйҙәр, әммә батшалар зыяратына ҡуймайҙар. Уға ҡаршы фетнә ойоштороусылар ғаммон ҡыҙы Шимғаҫтың улы Завад менән моав ҡыҙы Шимриҫтың улы Йеһозавад була. Йоаштың улдары, уға ҡаршы әйтелгән бик күп пәйғәмбәрлек һүҙҙәре, Алла ҡорамын төҙөкләндереүгә ҡағылышлы хикәйәләүҙәр Батшалар китабындағы яҙмаларҙа бирелгән. Йоаш урынына улы Амасъяһ батша булып ултыра. Амасъяһ егерме биш йәшендә батша була, Йәрүсәлимдә егерме туғыҙ йыл батшалыҡ итә. Әсәһе Йеһоғаддан Йәрүсәлимдән була. Амасъяһ Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡыла, әммә быны ихлас күңелдән эшләмәй. Тәхетендә нығынғас, Амасъяһ атаһы Йоаш батшаны үлтергән ярандарын язалай. Әммә уларҙың балаларына ҡағылмай, сөнки Муса китабындағы ҡанунда Раббы былай тип бойора: «Аталар балаларының гонаһы өсөн үлтерелмәһен, балалар аталарының гонаһы өсөн үлтерелмәһен, һәр кем үҙ гонаһы өсөн үҙе үлемгә дусар ителһен». Амасъяһ Йәһүҙә халҡын йыя һәм, уларҙы ғаиләләре буйынса бүлеп, һәр төркөмгә Йәһүҙә һәм Бинйәмин ырыуҙарынан мең баштары һәм йөҙ баштары тәғәйенләй. Йәше егерме һәм егерменән уҙған ир-егеттәрҙе иҫәпкә алғандан һуң, һуғышҡа яраҡлы, һөңгө һәм ҡалҡан тоторлоҡ өс йөҙ мең кеше булыуы асыҡлана. Быларҙан тыш батша йөҙ талант көмөшкә Исраилдан йөҙ мең батыр яугир яллай. Әммә бер Алла бәндәһе, уға килеп, былай ти: – Эй батша! Исраил ғәскәре һинең менән бармаһын, сөнки Раббы исраилдар менән, бөтә был әфраимдар менән түгел. Әгәр барһаң, һин үҙең генә бар, һуғышта ғәйрәтле бул, әммә Алла һине дошмандан еңелдерер, сөнки ярҙам биреү ҙә, ҡолатыу ҙа Алланың ҡөҙрәтендә. Амасъяһ Алла бәндәһенән: – Исраил ғәскәренә биргән йөҙ талант менән нишләргә һуң? – тип һорай. Алла бәндәһе: – Раббы һиңә унан да күпте бирә ала, – тип яуаплай. Амасъяһ Әфраимдан килгән яугирҙәрҙе айырып ҡайтарып ебәрә. Улар Йәһүҙәгә бик ныҡ асыуланып, ярһып ҡайтып китә. Ә Амасъяһ, ҡыйыуланып, ғәскәрен Тоҙло үҙәнгә алып бара һәм Сеғирҙең ун мең яугирен ҡыйрата; тағы ла ун меңде йәһүҙиҙәр әсирлеккә ала һәм, ҡая башына мендереп, шунан аҫҡа ташлай. Улар барыһы ла таштарға бәрелеп һәләк була. Ул арала Амасъяһ үҙе менән алмайынса кире бороп ҡайтарған ғәскәр Самариянан Бейт-Хоронға тиклем арала Йәһүҙә ҡалаларына һөжүм итә, өс мең кешене үлтерә, бик күп мөлкәт талап ала. Эдомдарҙы ҡыйратҡандан һуң, Амасъяһ үҙе менән Сеғир халҡының илаһтарын алып ҡайта. Ул уларҙы үҙенең аллалары итә, уларға сәждә ҡылып ҡорбандар килтерә. Раббы Амасъяһҡа ныҡ асыулана һәм уға пәйғәмбәрен ебәрә. Пәйғәмбәр батшаға былай ти: – Ни өсөн ул халыҡтың аллаларына табынаһың һин? Улар үҙ халҡын һинең ҡулыңдан ҡотҡарып ҡала алманы бит. – Һине батша кәңәшсеһе итеп ҡуйҙылармы әллә? – тип бүлдерә батша пәйғәмбәрҙе. – Ауыҙыңды яп! Юғиһә йәнең менән хушлашасаҡһың! Пәйғәмбәр уға: – Ошо эшең һәм минең кәңәшемә ҡолаҡ һалмағаның өсөн Алланың һине һәләк итергә ҡарар ҡылғанын беләм, – ти ҙә башҡа өндәшмәй. Йәһүҙә батшаһы Амасъяһ, кәңәшләшеп, Йеһуҙан тыуған Йеһоахаздың улы Йеһоашҡа, Исраил батшаһына: «Әйҙә кил, йөҙмә-йөҙ көс һынашайыҡ», – тип илселәр ебәрә. Исраил батшаһы Йеһоаш Йәһүҙә батшаһы Амасъяһҡа былай тип яуаплай: «Бер заман Ливанда үҫкән сәнскәк ҡыуаҡ кедр ағасына: „Ҡыҙыңды минең улыма кәләш итеп бир“, тип яусы ебәргән, имеш. Әммә Ливандың бер ҡырағай януары, үтеп барышлай уны иҙә тапап киткән, ти. Һин нимә, эдомдарҙы тар-мар иттем, тип эреләнеп киттеңме? Шул еңеүеңә ҡәнәғәт булып, өйөңдә генә ултыр. Нишләп бәлә саҡыраһың? Үҙең дә, һинең менән бергә Йәһүҙә лә тар-мар ителәсәк бит». Әммә Амасъяһ тыңламай, сөнки, Эдом илаһтарына табынған өсөн, Алла уның кешеләрен Йеһоаш ҡулына тапшырырға ҡарар ҡылған була. Бына Исраил батшаһы Йеһоаш яуға сыға һәм Йәһүҙәнең Бейт-Шәмәш ҡалаһында уның менән йөҙмә-йөҙ осраша. Йәһүҙә ғәскәре исраилдар тарафынан тар-мар ителә һәм яугирҙәр өйҙәренә ҡасып ҡайтып китә. Исраил батшаһы Йеһоаш Йәһүҙә батшаһы Амасъяһты – Йеһоахаздан тыуған Йоаштың улын – Бейт-Шәмәштә әсиргә ала ла уны Йәрүсәлимгә килтерә һәм ҡала диуарының Әфраим ҡапҡаһынан алып Мөйөш ҡапҡаһына тиклемге дүрт йөҙ терһәк оҙонлоғондағы араһын емертә. Алла ҡорамында Ғовед-Эдом яуаплығы аҫтында һаҡланған бөтә алтын-көмөштө, затлы һауыт-һабаны, батша һарайындағы хазиналарҙы талап ала. Байтаҡ халыҡты аманат итеп Самарияға алып ҡайтып китә. Йәһүҙә батшаһы Амасъяһ Йоаш улы Исраил батшаһы Йеһоаш Йеһоахаз улы үлгәндән һуң, ун биш йыл йәшәй. Амасъяһтың башҡа ғәмәлдәре тураһында башынан аҙағынаса Йәһүҙә һәм Исраил батшалары китабында яҙылған. Амасъяһ Раббынан тайпылғандан һуң, Йәрүсәлимдә уға ҡаршы фетнә ойошторола. Ул Лахиш ҡалаһына ҡаса, әммә дошмандары, артынан кеше ебәреп, уны шунда үлтертәләр. Амасъяһтың мәйетен атта алып ҡайтып, Йәһүҙә ҡалаһында ата-бабалары янына ерләйҙәр. Шунан һуң Йәһүҙә халҡы ун алты йәшлек Ғуззияһты атаһы Амасъяһ урынына батша итеп ҡуя. Ул, атаһы үлеп ата-бабалары хозурына күскәс, Элаҫ ҡалаһын Йәһүҙәгә ҡайтара һәм ҡайтанан ҡора. Тәхеткә ултырғанда Ғуззияһҡа ун алты йәш була. Ул Йәрүсәлимдә илле ике йыл батшалыҡ итә. Әсәһе Йехольяһ Йәрүсәлимдән була. Ғуззияһ, Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылып, һәр йәһәттән атаһы Амасъяһты ҡабатлай. Алланан ҡурҡырға өйрәткән Зәкәрьяһ иҫән саҡта, Ғуззияһ Аллаға ынтылып йәшәй. Ғуззияһ Раббыға ынтылған дәүерҙә, Алла уның тормошон уңышлы итә. Ғуззияһ, пелештиҙәргә ҡаршы һуғыш башлап, Ғаҫ, Явне һәм Ашдод ҡалаларының диуарҙарын емерә, Ашдод эргәһендә һәм пелештиҙәргә ҡараған башҡа урындарҙа ҡалалар төҙөй. Ул пелештиҙәргә, Гур-Бәғелдә йәшәгән ғәрәптәргә һәм мағондарға ҡаршы һуғышҡанда, Алла уға ярҙам итә. Ғаммондар Ғуззияһҡа яһаҡ түләп тора. Уның даны Мысыр сиктәренә тиклем тарала, сөнки ул шундай көсәйеп китә. Бынан тыш, Ғуззияһ Йәрүсәлимдәге Мөйөш ҡапҡаһы, Үҙән ҡапҡаһы башына һәм диуарҙың мөйөшөндә манаралар төҙөп, уларҙы нығыттыра. Ул сүллектә манаралар төҙөтә, бихисап көтөүҙәре өсөн күпләп һыу соҡорҙары эшләтә. Ер эшенә күңеле ятҡанға күрә, Шефелала һәм тигеҙлектә игенселәре, тауҙарҙа һәм баҡсаларҙа йөҙөм үҫтереүселәре була. Ғуззияһтың төркөмдәргә бүленгән, һуғышҡа әҙер, өйрәтелгән ғәскәре була. Яугирҙәрҙе батша түрәләренең береһе Хананъяһтың ҡулы аҫтында кәтип Йеғиил менән мөдир Мағасеяһ исемлеккә теркәгән була. Был батыр яугирҙәргә ике мең алты йөҙ нәҫел башлыҡтары етәкселек итә. Улар ҡулы аҫтында өс йөҙ ете мең биш йөҙ ҡаһарман яугир булып, улар батшаға фиҙаҡәр рәүештә ярҙам итергә, дошманға ҡаршы һуғышҡа инергә әҙер тора. Ғуззияһ бөтә ошо ғәскәре өсөн ҡалҡандар һәм һөңгөләр, торҡа һәм һарайталар, уҡ-һаҙаҡ һәм һапҡы таштары әҙерләтә. Тағы ла ул Йәрүсәлимдә бик оҫта итеп уйланған ҡулайламалар эшләтә, улар манараларға һәм мөйөштәргә ҡуйылып, уҡтар һәм ҙур таштар яуҙырыу өсөн тәғәйенләнгән була. Хикмәтле ярҙам алған өсөн ул ҡеүәтле булып китә, даны алыҫтарға тарала. Әммә шулай көсәйгәс, Ғуззияһ үҙ башына була маһайып китә һәм Аллаһы Раббыға ҡаршы енәйәт ҡыла. Ул ҡорбан усағында хуш еҫ төтәтер өсөн Раббы ҡорамына инә. Ғазаръяһ ҡаһин Раббының һикһән ҡыйыу ҡаһины менән уның артынан эйәрә. Улар Ғуззияһ батшаның юлына арҡыры төшөп: – Эй Ғуззияһ! Раббыға хуш еҫ төтәтеү һинең эшең түгел. Был Һарун нәҫеленән булған, төтәтергә бағышлау алған ҡаһиндарҙың эше. Изге торлаҡтан сыҡ, Раббыға ҡаршы енәйәт ҡылаһың бит, был һиңә Алла Раббынан шөһрәт килтермәҫ, – тиҙәр. Ҡулына төтәҫләгес алған Ғуззияһ быға бик ныҡ асыулана. Әммә уның ҡаһиндарға асыуланыуы була, Раббы ҡорамында, ҡаһиндар алдында, хуш еҫ төтәтеү усағы янында торғанында, маңлайына махау ауырыуы сыға. Баш ҡаһин Ғазаръяһ менән башҡа ҡаһиндар уға ҡараһа, маңлайында – махау! Улар батшаны тышҡа алып сығырға ашыға, хәйер, ул үҙе лә сығып китеү яғын ҡарай, сөнки уға Раббы язаһы төшкән була. Ғуззияһ батша ғүмеренең аҙағына тиклем махау ауырыулы була һәм үлгәнсе айырым өйҙә йәшәй. Раббы ҡорамына инеү уға ҡырҡа тыйыла. Батша һарайына һәм ил халҡына улы Йоҫам етәкселек итә. Ғуззияһтың башҡа ғәмәлдәрен, башынан аҙағынаса, Амус улы Ишағыяһ пәйғәмбәр яҙып ҡалдырған. Ғуззияһ үлеп, ата-бабаларына ҡушыла һәм уны батша төрбәләре эргәһендә, батшаларҙыҡы булған ҡырҙа ата-бабалары янында ерләйҙәр, сөнки уны, ул махаулы, тиҙәр. Уның урынына улы Йоҫам батша була. Тәхеткә ултырғанында Йоҫам егерме биш йәштә булып, Йәрүсәлимдә ун алты йыл батшалыҡ итә. Әсәһе Йеруша – Садоҡ ҡыҙы була. Йоҫам, атаһы Ғуззияһ кеүек үк, Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡыла, тик, унан айырмалы, Раббы ҡорамына инмәй. Халыҡ иһә һаман боҙоҡ эштәрен дауам итә. Йоҫам Раббы ҡорамының Юғары ҡапҡаһын яһата, Ғофел ҡалҡыулығындағы ҡала диуарына ла күпте төҙөтә. Бынан тыш ул Йәһүҙә тауҙарында ҡалалар, урмандарҙа ҡәлғәләр һәм манаралар һалдыра. Ул Ғаммон батшаһы менән һуғыша һәм уны еңә. Ул йылды ғаммондар уға йөҙ талант көмөш һәм ун меңешәр кор бойҙай менән арпа бирә. Ғаммондар бындай яһаҡты икенсе йылына ла, өсөнсө йылына ла бирә. Йоҫам Аллаһы Раббы юлынан йөрөгәнгә күрә шулай ҡеүәтле булып китә. Йоҫамдың башҡа ғәмәлдәре, уның бөтә яуҙары һәм тотҡан юлы Исраил һәм Йәһүҙә батшалары китабында яҙылған. Тәхеткә ултырғанда ул егерме биш йәшендә булып, Йәрүсәлимдә ун алты йыл батшалыҡ итә. Йоҫам үлеп, ата-бабалары хозурына күсә, уны Дауыт ҡалаһында ерләйҙәр. Урынына улы Ахаз батша була. Тәхеткә ултырғанда Ахазға егерме йәш була. Ул Йәрүсәлимдә ун алты йыл батшалыҡ итә. Ахаз боронғо бабаһы Дауыт батша кеүек булмай, Раббы күҙендә дөрөҫ булмаған ғәмәлдәр ҡыла. Ул Исраил батшаларының юлын ҡыуа, хатта Бәғел һындарын ҡойҙора, Бен-Һинном үҙәнендә хуш еҫ төтәтә һәм Раббы Исраил халҡы алдынан ҡыуып ебәргән ҡәүемдәрҙең ерәнгес йолаларына эйәрә, хатта, үҙ улдарын ҡорбанға килтереп, утта яндыра. Боттарға табынған ҡалҡыулыҡтарҙа, түбәләрҙә, һәр бер суҡ япраҡлы ағас аҫтында ҡорбан сала һәм хуш еҫ төтәтә. Быларҙы күреп, Раббы Алла уны арамиҙар батшаһы ҡулына тапшыра. Улар Ахазды еңә һәм, күптәрҙе әсирлеккә алып, Дамаскка алып китә. Бынан тыш Раббы Ахазды Исраил батшаһы ҡулына тапшыра, һәм Ахаз уның тарафынан ныҡ ҡыйратыла. Ремалъяһ улы Пеҡах батша бер көндә Йәһүҙәнең йөҙ егерме мең яугирен ҡырып һала, сөнки улар ата-бабаларының Аллаһы Раббыны ташлаған була. Әфраимдарҙан ғәйрәтле Зихри иһә батша улы Мағасеяһты, һарай мөдире Ғазриҡамды һәм батшанан һуң икенсе булған Әлҡананы үлтерә. Исраилдар үҙҙәренең туғандары йәһүҙиҙәрҙең ике йөҙ мең кешеһен – ҡатындарын, улдарын һәм ҡыҙҙарын әсирлеккә ала; шулай уҡ уларҙан бик күп яумал талап, Самарияға оҙата. Унда Раббы пәйғәмбәре йәшәгән була, исеме – Ғодед. Ул, Самарияға ҡайтып килгән ғәскәр ҡаршыһына сығып, былай ти: – Ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы Раббы, йәһүҙиҙәргә асыуланып, уларҙы һеҙҙең ҡулға тапшырҙы, ә һеҙ уларҙы күктәргә олғашырлыҡ нәфрәт менән ярһып ҡырҙығыҙ. Хәҙер һеҙ Йәһүҙә менән Йәрүсәлим халҡының ирҙәрен һәм ҡатын-ҡыҙҙарын үҙегеҙгә ҡол итергә йыйынаһығыҙ. Ә Аллағыҙ Раббы алдында үҙегеҙҙең ғәйептәрегеҙ юҡмы ни? Хәҙер минең һүҙҙәремә ҡолаҡ һалығыҙ: әсиргә алған туғандарығыҙҙы ҡайтарып ебәрегеҙ, юғиһә Раббы Үҙенең асыуын өҫтөгөҙгә төшөрөр. Әфраимдарҙан ҡайһы бер түрәләр – Ғазаръяһ Йеһоханан улы, Бәрәхъяһ Мешиллемоҫ улы, Йехизкияһ Шаллум улы һәм Ғамаса Хадлай улы яуҙан ҡайтып килеүселәрҙең ҡаршыһына сыға ла уларға былай ти: – Әсирҙәрҙе бында алып килмәгеҙ, юғиһә Раббы алдында гонаһҡа батырбыҙ. Булған гонаһтарыбыҙ һәм енәйәттәребеҙгә яңыларын өҫтәргә уйлайһығыҙмы? Ғәйебебеҙ былай ҙа үтә ҙур, Раббы былай ҙа Исраилға асыулы! Яугирҙәр әсирҙәрҙе һәм яумалды хәрби түрәләр һәм йыйылған халыҡҡа ҡалдыра. Әсирҙәр тураһында хәстәрлек күреү өсөн исемләп кешеләр тәғәйенләнә. Улар яланғастарына яумалға алынған әйберҙәр араһынан кейем-һалым, аяҡ кейеме бирә, ашата, эсерә, яраларына зәйтүн майы һөртә. Шунан, хәлһеҙҙәрен ишәктәргә мендереп, хөрмәләр ҡалаһы Йерихоға, уларҙың туғандарынан алыҫ булмаған урынға, алып бара. Унан үҙҙәре Самарияға әйләнеп ҡайта. Шул саҡ Ахаз батша Ашшур батшаһына ярҙам һорап мөрәжәғәт итә, сөнки эдомдар тағы килә, Йәһүҙә халҡын ҡыра, әсирҙәрҙе алып китә. Пелештиҙәр ҙә Йәһүҙәнең Шефелалағы һәм Негевтағы ҡалаларына һөжүм итеп, Бейт-Шәмәште, Айялонды, Гедероҫты, Сохоны улар тирәһендәге ауылдары менән бергә, шулай уҡ Тимна менән Гимзоны улар тирәһендәге ауылдары менән бергә ала һәм шунда төпләнә. Ахаз батша Раббыға үтә күп хыянат ҡылып, Йәһүҙә халҡын аҙҙырған өсөн, Раббы Йәһүҙәне шулай түбәнһетә. Ашшур батшаһы Тиглат-Пиләсәр килеп, Ахазға ярҙам итер урынға, уны ҡыҫырыҡлай башлай. Ахаз Раббы ҡорамында, үҙ һарайында һәм түрәләрҙә булған хазиналарҙы алып Ашшур батшаһына бирә, әммә бының файҙаһы теймәй. Үҙе өсөн ошолай ҡатмарлы ваҡыт булһа ла, Ахаз батша Раббыға хыянат ҡылыуын дауам итә. Уны еңгән Дамаск аллаларына ҡорбан килтерә: «Арам батшаларының аллалары уларға ярҙам итә лә баһа, мин дә уларға ҡорбан салайым да, улар миңә лә ярҙам итер», – тип өмөтләнә. Әммә был илаһтар Ахаз менән бөтә Исраилдың һәләкәтенә сәбәп була. Ахаз иһә Алла ҡорамындағы бөтә һауыттарҙы йыйып ала, вата-ҡыра, Раббы ҡорамының ишектәрен бикләй һәм Йәрүсәлимдең һәр бер мөйөшөндә сит аллаларға ҡорбан усаҡтары яһап ҡуя, Йәһүҙәнең бөтә ҡалаларында сит аллаларға төтәтеү өсөн табыныу ҡалҡыулыҡтары булдырып, ата-бабаларының Аллаһы Раббыны асыуландыра. Ахаздың башҡа ғәмәлдәре һәм ҡылған эштәре тураһында башынан аҙағынаса Йәһүҙә һәм Исраил батшалары китабында яҙылған. Ахаз үлеп, ата-бабалары хозурына күсә һәм уны Йәрүсәлим ҡалаһында дәфен ҡылалар, тик Исраил батшалары төрбәһенә ҡуймайҙар. Уның урынына улы Хизкияһ батша була. Тәхеткә ултырғанда Хизкияһҡа егерме биш йәш була. Ул Йәрүсәлимдә егерме туғыҙ йыл батшалыҡ итә. Әсәһе – Авияһ Зәкәрьяһ ҡыҙы була. Хизкияһ та боронғо бабаһы Дауыт һымаҡ уҡ Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡыла. Батшалыҡ итеүенең тәүге йылының тәүге айында уҡ ул Раббы ҡорамының ишектәрен ҡайтанан астыра һәм уларҙы йүнәттерә. Унда ҡаһиндар менән левиҙәрҙе саҡырып ала, уларҙы көнсығыш майҙанға йыйып, былай ти: – Мине тыңлағыҙ, левиҙәр! Үҙегеҙҙе паклағыҙ, ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы Раббының ҡорамын изгеләндерегеҙ, мөҡәддәс урындан уны нәжесләгән бөтә нәмәләрҙе сығарып ташлағыҙ. Сөнки ата-бабаларыбыҙ тоғролоҡ һаҡламаны, Аллабыҙ Раббыға хуш килмәҫтәйҙе ҡылып йөрөнө, Уны ташланы, Раббы торлағынан йөҙ сөйөрөп, уға арҡалары менән боролдо. Улар хатта айуан ишектәрен бикләп ҡуйҙы, майшәмдәрҙе һүндерҙе, хуш еҫ төтәтмәне, Исраил Аллаһының мөҡәддәс урынында тотош яндырыуҙар башҡарманы. Шуның өсөн Йәһүҙә менән Йәрүсәлимгә Раббының асыуы төштө һәм Ул уларҙы мәсхәрәгә ҡалдырҙы, бөлдөрҙө, мыҫҡыл итте – быларҙы үҙ күҙҙәрегеҙ менән күреп тораһығыҙ. Шуның өсөн аталарыбыҙ ҡылыстан ҡырылды, ә улдарыбыҙ менән ҡыҙҙарыбыҙ, ҡатындарыбыҙ әсирлектә. Раббы беҙҙән Үҙенең ялҡынлы асыуын ҡайтарһын тип, мин Исраил Аллаһы Раббы менән килешеү төҙөргә теләйем. Балаларым минең! Вайымһыҙ булмағыҙ, сөнки Раббы Үҙенең хозурында хеҙмәт итеү, ҡорбан килтереү өсөн һеҙҙе һайлап алған. Бына левиҙәр эшкә тотона: Ҡыһаҫ нәҫеленән Махаҫ Ғамасай улы һәм Йоил Ғазаръяһ улы; Мерари нәҫеленән Ҡиш Ғавди улы һәм Ғазаръяһ Йеһалләлил улы; Гершон нәҫеленән Йоах Зимма улы һәм Ғедән Йоах улы; Әлисафан нәҫеленән Шимри һәм Йеғиил; Асаф нәҫеленән Зәкәрьяһ һәм Маттанъяһ; Һеман нәҫеленән Йехиил һәм Шимғи; Йедуҫун нәҫеленән Шемағъяһ һәм Ғуззиил. Улар ағай-энеһен йыйып ала, паклана һәм, батша бойороғо буйынса, Раббы күрһәтмәһенә ярашлы, Раббы ҡорамын пакларға китә. Ҡаһиндар Раббы ҡорамын паклар өсөн уның эсенә инә, ундағы бөтә нәжес әйберҙәрҙе ихатаға сығара, ә левиҙәр быларҙы Ҡидрон үҙәненә алып барып ташлай. Улар беренсе айҙың беренсе көнөндә эшкә керешеп, һигеҙенсе көндә Раббы ҡорамының айуанына етәләр. Раббы ҡорамын изгеләндереү тағы ла һигеҙ көн бара һәм беренсе айҙың ун алтынсы көнөндә тамамлана. Шунан улар Хизкияһ батшаның һарайына барып, былай тиҙәр: – Беҙ Раббының ҡорамын тулыһынса таҙарттыҡ, тотош яндырыу ҡорбандары өсөн ҡорбан усағын, уның барлыҡ һауыт-һабаһын, изге икмәк өҫтәлен, уның бөтә һауыт-һабаһын пакланыҡ. Ахаз батша үҙе батшалыҡ иткән осорҙа хыянат ҡылып сығарып ташлаған бөтә һауыт-һабаны алып килеп изгеләндерҙек. Бына улар Раббының ҡорбан усағы алдында тора. Икенсе көндө Хизкияһ батша иртән иртүк ҡала түрәләрен йыйып ала һәм Раббы ҡорамына китә. Улар батшалыҡ өсөн, Изге торлаҡ өсөн һәм Йәһүҙә өсөн ҡорбан салырға тип, ете үгеҙ башмаҡ, ете һарыҡ тәкәһе, ете һарыҡ бәрәсе һәм гонаһ ҡорбанлығы өсөн ете кәзә тәкәһе алып килә. Хизкияһ Һарун тоҡомонан булған ҡаһиндарға Раббының ҡорбан усағында уларҙы тотош яндырыу ҡорбаны итеп килтерергә ҡуша. Бына үгеҙҙәрҙе салалар, ҡаһиндар, ҡанын алып, ҡорбан усағына һирпә, һарыҡ тәкәләрен салалар һәм ҡорбан усағына ҡанын һирпәләр; һарыҡ бәрәстәрен салып, ҡорбан усағына ҡанын һирпәләр. Шунан һуң батша һәм йыйылған халыҡ алдына гонаһ өсөн ҡорбан ителәсәк кәзә тәкәләрен килтерәләр. Тегеләр ҡулдарын тәкәләр өҫтөнә ҡуя. Ҡаһиндар уларҙы сала, бөтә Исраилды гонаһтарынан паклар өсөн, уларҙың ҡанын ҡорбан усағына һирпә, сөнки батша тотош яндырыу менән гонаһ ҡорбанын бөтә исраилдар өсөн килтерергә ҡушҡан була. Батша һуҡма тәрилкәләр, лира һәм арфалар тотҡан левиҙәрҙе Раббы ҡорамына ҡуя, быны Дауыт менән батша әүлиәһе Ғад һәм Наҫан пәйғәмбәр ҡағиҙәһенә ярашлы эшләй. Был – Раббының уның пәйғәмбәрҙәре аша ебәрелгән ҡағиҙәһе була. Бына левиҙәр – Дауыттың уйын ҡоралдары, ҡаһиндар борғолары менән тороп баҫа. Хизкияһ ҡорбан усағында тотош яндырыу ҡорбанын килтерергә бойора. Ҡорбан килтереү йолаһына керешкәс, борғоларға һәм Исраил батшаһы Дауыттың уйын ҡоралдарына ҡушылып, Раббыға бағышланған йыр башлана. Бөтә йыйын сәждә ҡыла, йырсылар йырлай, борғолар уйнай, тотош яндырыу тамамланғансы шулай була. Тотош яндырыу тамам булғас, батша һәм уның янындағылар һәммәһе лә теҙ сүгә һәм сәждә ҡыла. Хизкияһ батша менән түрәләр левиҙәргә Раббыны Дауыт һәм Асаф әүлиә һүҙҙәре менән данларға бойора, улар шатланышып данлай, теҙ сүгеп сәждә ҡыла. Хизкияһ, дауам итеп, былай ти: – Бына һеҙ үҙегеҙҙе Раббыға арнанығыҙ. Хәҙер тороп, Раббы ҡорамына ҡорбандар менән шөкөр саҙаҡаларын килтерегеҙ. Йыйын ҡорбандар, шөкөр саҙаҡалары килтерә башлай, айырыуса ихластар тотош яндырыу ҡорбандары сала. Йыйын килтергән ҡорбандар һаны түбәндәгесә була: етмеш үгеҙ, йөҙ һарыҡ тәкәһе, ике йөҙ һарыҡ бәрәсе – былар барыһы ла Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны. Изге ҡорбан итеп алты йөҙ баш эре мал, өс мең ваҡ мал килтерелә. Әммә ҡаһиндар аҙ һанлы булған өсөн, улар тотош яндырыу ҡорбанына тәғәйенләнгән малдарҙың бөтәһенең дә тиреһен тунап өлгөртә алмай. Шуға күрә уларҙың туғандары левиҙәр, башҡа ҡаһиндар үҙҙәрен изгеләндергәнсе һәм эш бөткәнгә тиклем, уларға ярҙамлаша. Левиҙәр ҡаһиндарға ҡарағанда үҙҙәрен изгеләндереүгә етдирәк мөнәсәбәттә була. Тотош яндырыу ҡорбандары ғәйәт күп була. Уларҙан тыш, татыулыҡ ҡорбандарының эс майы һәм тотош яндырыу ҡорбаны менән бергә килтерелгән түкмә ҡорбандар күп була. Раббы ҡорамындағы хеҙмәт ошолай итеп тергеҙелә. Алланың Үҙ халҡына ҡылған был эшенә Хизкияһ менән бар халыҡ ифрат ҡыуана, сөнки был эш ҡапыл ғына ғәмәлгә аша. Хизкияһ батша бөтә Исраил һәм Йәһүҙә халҡына, шулай уҡ Әфраим менән Менашше ырыуҙарына хәбәр ебәреп, уларҙы Исраил Аллаһы Раббыға бағышланған Ҡотҡарылыу байрамын уҙғарыу өсөн Раббының Йәрүсәлимдәге ҡорамына саҡыра. Хизкияһ батша үҙенең түрәләре һәм Йәрүсәлим халҡы менән кәңәшләшеп, Ҡотҡарылыу байрамын икенсе айҙа үткәрергә ҡарар иткән була. Исраил халҡы Ҡотҡарылыу байрамын үҙ ваҡытында билдәләй алмай, сөнки күп ҡаһиндар әлегә изгеләнеү йолаһын үтмәгән һәм кешеләрҙең күпселеге Йәрүсәлимгә йыйылмаған була. Батша ла, халыҡ та тап шулай эшләүҙе дөрөҫ тип таба. Беер-Шәвәғтән алып Данға тиклем барлыҡ исраилдарға, һәммәһенә Исраил Аллаһы Раббының Ҡотҡарылыу байрамын билдәләү өсөн Йәрүсәлимгә килергә ҡушып иғлан ителә, сөнки уны ҡанун ҡушҡанса бөтөн халыҡ менән үткәргәндәре булмай. Батша менән уның түрәләре исеменән яҙылған хаттарҙы бөтә Исраил менән Йәһүҙә халҡына еткереүсе сапҡындар юлға сыға. Хатта былай тиелгән була: «Исраил халҡы! Ибраһим, Исхаҡ һәм Исраил Аллаһы Раббыға йөҙ бороғоҙ, һәм Ул да Ашшур батшаларынан иҫән ҡалған һеҙгә табан боролор. Ата-бабаларының Аллаһы Раббыға хыянат иткән аталарығыҙ һәм туғандарығыҙ кеүек булмағыҙ. Үҙегеҙ күреп торҙоғоҙ, Раббы уларҙы ҡот осҡос ҡаты язаланы. Атайҙарығыҙ шикелле таш бәғерле булмағыҙ, Раббыға буйһоноғоҙ, Уның Изге торлағына, Ул мәңгелеккә мөҡәддәс ҡылған урынға, килегеҙ; үҙегеҙҙең Аллағыҙ Раббыға хеҙмәт итегеҙ, ана шунда Ул һеҙгә булған ялҡынлы асыуын тыйып ҡалыр. Раббыға ҡабат йөҙ борһағыҙ, туғандарығыҙ һәм балаларығыҙ үҙҙәрен әсирлеккә алғандарҙың миһырбанына юлығыр һәм ошо ергә әйләнеп ҡайтыр, сөнки Аллағыҙ Раббы мәрхәмәтле һәм рәхимле, Уға ҡайтһағыҙ, Ул һеҙҙән ситкә боролмаҫ». Сапҡындар Әфраим менән Менашше ерҙәрендә ҡаланан ҡалаға йөрөй, зевулундарға ла барып етә, тик уларҙы көлөп һәм мыҫҡыллап ҡаршылайҙар. Шулай ҙа Ашер, Менашше һәм Зевулун ырыуҙарының ҡайһы берәүҙәре күнеп, Йәрүсәлимгә килә. Раббы һүҙе буйынса батша һәм түрәләр биргән бойороҡ ғәмәлгә ашһын өсөн Алланың ихтыяры Йәһүҙә халҡының күңеленә берҙәмлек һала. Икенсе айҙа Сөсө икмәк байрамын үткәреү өсөн Йәрүсәлимгә бик күп халыҡ йыйыла. Йәрүсәлимдәге бөтә сит аллаларға булған ҡорбан усаҡтарын емереп ташлайҙар, хуш еҫ төтәтеү урындарын ватып, Ҡидрон үҙәненә ырғыталар. Икенсе айҙың ун дүртендә Ҡотҡарылыу байрамы бәрәстәрен салалар. Ҡаһиндар менән левиҙәр оялалар һәм инде үҙҙәрен ваҡытында изгеләндерәләр, Раббы ҡорамына тотош яндырыу ҡорбандарын килтерәләр һәм үҙҙәренең ҡағиҙәләренә, Алла бәндәһе Муса ҡанунына ярашлы, тәғәйен урынды биләйҙәр. Ҡаһиндар левиҙәр биргән ҡанды һирпә. Йыйылғандарҙың күбеһе үҙҙәрен изгеләндермәгәнгә күрә, пакланмаған һәм үҙенең бәрәсен Раббыға бағышлай алмағандар өсөн Ҡотҡарылыу байрамы бәрәстәрен левиҙәргә салырға тура килә. Раббы Хизкияһты ишетә һәм халыҡҡа зыян ҡылмай. Йәрүсәлимгә йыйылған исраилдар ете көн буйы Сөсө икмәк байрамын билдәләй, күңел аса, левиҙәр менән ҡаһиндар, көн һайын уйын ҡоралдарында уйнап, Раббыны данлай. Хизкияһ Раббыға хеҙмәттә оҫталыҡ күрһәткән бөтә левиҙәрҙе рухландыра. Татыулыҡ ҡорбандары килтерә-килтерә, ата-бабаларының Аллаһы Раббыны данлай-данлай, байрам ризығын ете көн ашайҙар. Бөтә йыйын тағы ете көн байрам итергә була һәм был ете көндө лә бик ҡыуанышып үткәрәләр, сөнки Йәһүҙә батшаһы Хизкияһ йыйылыусыларға мең баш үгеҙ башмаҡ менән ун мең баш ваҡ мал; түрәләр шулай уҡ йыйын өсөн мең баш үгеҙ башмаҡ менән ун мең баш ваҡ мал бирә. Ҡаһиндарҙың да күптәре изгеләнә. Йәһүҙәнән йыйылған барса халыҡ, ҡаһиндар ҙа, левиҙәр ҙә, Исраилдан килгән кешеләр ҙә, Исраилдан күсеп килеп, Йәһүҙәлә йәшәүсе килмешәктәр ҙә – һәммәһе күңел аса. Йәрүсәлимдә иҫ киткес шатлыҡ хөкөм һөрә, Исраил батшаһы Сөләймән Дауыт улы заманынан бирле бындай хәл күрелгәне булмай. Һуңынан ҡаһиндар һәм левиҙәр аяғүрә баҫып халыҡты фатихалай. Уларҙың доғалары Алланың күктәрҙәге мөҡәддәс торлағына етеп, ҡабул ҡылына. Ахырҙа бындағы бөтә исраилдар Йәһүҙә ҡалаларына юллана, уларҙағы табыныу бағаналарын вата, Ашераға ҡуйылған ҡолғаларҙы ҡырҡа, Йәһүҙә һәм Бинйәмин, Әфраим һәм Менашше ерҙәрендәге табыныу ҡалҡыулыҡтарын һәм ҡорбан усаҡтарын тотошлайы менән емереп сыға. Шунан һуң һәр кем үҙ биләмәһенә, үҙ ҡалаһына ҡайтып китә. Хизкияһ ҡаһиндарҙы һәм левиҙәрҙе тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандары килтереүгә, хеҙмәт үтәүгә, данлау һәм маҡтауға, Раббы торлағының ҡапҡаларын һаҡлауға – һәр ҡайһыһын ҡаһинлыҡ йә левилек тәғәйенләнешенә ярашлы, сиратҡа теҙә. Батша Раббы ҡанунына күрә, һәр көн иртәнсәк һәм кис, шәмбе көндәрендә, Яңы ай байрамдарында, Раббы тәғәйенләгән башҡа байрамдарҙа килтерелә торған тотош яндырыу ҡорбанына үҙ мөлкәтенән өлөш сығара. Йәрүсәлимдә йәшәүсе халыҡҡа ул, үҙҙәрен Раббы ҡанунын теүәл үтәүгә бағышлай алһындар өсөн, ҡаһиндар һәм левиҙәргә тейешле өлөштө бирергә бойора. Был бойороҡ иғлан ителеү менән, Исраил халҡы икмәк, шарап, май, бал, баҫыуҙан йыйылғандың һәммәһенән тәүге уңышты күпләп килтерә башлай – бөтәһенең ундан бер өлөшөн алып килә. Йәһүҙә ҡалаларында йәшәгән исраилдар ҙа, йәһүҙиҙәр ҙә эре малдың да, ваҡ малдың да ундан берен, шулай уҡ Аллалары Раббыға бағышланған саҙаҡаларҙың ундан берен уларға ташый. Килтерелгәндәр тау-тау булып өйөлә. Халыҡ саҙаҡалар алып килеүҙе өсөнсө айҙа башлай һәм етенсе айға тамамлай. Хизкияһ менән уның түрәләре килеп, өйөмдәрҙе күрә һәм Раббыға, Уның халҡы исраилдарға рәхмәт уҡый. Хизкияһ ҡаһиндар менән левиҙәрҙән был өйөмдәр тураһында һораша. Садоҡ нәҫеленән баш ҡаһин Ғазаръяһ уға былай тип яуап бирә: – Раббы ҡорамына саҙаҡа ташыла башлау менән, беҙ ҙә туйғансы ашай башланыҡ, ризыҡтың күп өлөшө артып ҡалды. Эйе, Раббы Үҙ халҡына бәрәкәт бирҙе, шуға күрә артып ҡалғаны ла бик күп. Хизкияһ Раббы ҡорамында келәт бүлмәләр әҙерләргә ҡуша, һәм был бойороҡ үтәлә. Килтерелгән бүләктәрҙе, ғөшөрҙәрҙе, бағышланған саҙаҡаларҙы – һәммәһен теүәлләп күсерәләр. Улар янында леви Конанъяһ мөдирлек итә, уның ҡустыһы Шимғи уға ярҙамсы итеп тәғәйенләнә. Хизкияһ батша менән Алла ҡорамының мөдире Ғазаръяһ күрһәтмәһенә ярашлы, Йехиил, Ғазазъяһ, Нахаҫ, Ғасаһил, Йеримоҫ, Йозавад, Әлиил, Исмахъяһ, Махаҫ һәм Бенаяһ Конанъяһ менән уның ҡустыһы Шимғи ҡарамағындағы һаҡсылар була. Леви Ҡоре Имна улы, Көнсығыш ҡапҡа һаҡсыһы, Аллаға арнап үҙ ихтыяры буйынса килтерелгән бүләктәр өсөн яуаплы була, Раббыға килтерелгән һәм изгеләрҙән-изге саҙаҡаларҙы Раббы хеҙмәтендәгеләргә өләшә. Уның ҡул аҫтында эшләгән Ғедән, Минйәмин, Йешуағ, Шемағъяһ, Амаръяһ һәм Шеханъяһ килтерелгән мал-мөлкәтте ҡаһиндарҙың ҡалаларында йәшәгән ҡәрҙәштәренә, ҡаһин төркөмдәре буйынса, олоһон-кесеһен айырмайынса, ғәҙел итеп тарата. Бынан тыш, нәҫел исемлектәренә индерелгән өс һәм унан юғары йәштәге ир балаларға – бер мәл Раббы ҡорамына үҙҙәренең вазифаларына һәм төркөмдәренә ярашлы көндәлек хеҙмәтен башҡарырға тейешле һәммәһенә – өлөш бирелә. Ҡаһиндар нәҫелдәре буйынса, ә йәше егерменән уҙған левиҙәр – кемдең ҡайһы төркөмдә ниндәй вазифа башҡарыуына ярашлы исемлеккә теркәлгән була. Йәмғиәткә ингән, үҙҙәренең бағышланыуына тоғро булғандарҙың хатта бәләкәй балалары ла, ҡатындары, улдары һәм ҡыҙҙары ла нәҫел исемлегенә яҙылған була. Ҡалалар янындағы ерҙәрҙә йәшәгән Һарун нәҫеле ҡаһиндарына килгәндә, уларға өлөштәрен таратырға һәр ҡалала махсус кешеләр тәғәйенләнә. Был кешеләр ҡаһин нәҫеленән булған бөтә ир заттарына һәм нәҫел исемлегенә теркәлгән бөтә левиҙәргә өлөш бирә. Был үҙгәрештәрҙе Хизкияһ бөтә Йәһүҙәлә ғәмәлгә ашыра. Ул үҙенең Аллаһы Раббы алдында яҡшы, дөрөҫ һәм тоғро ғәмәлдәр эшләй. Алла ҡорамындағы хеҙмәткә, Алла ҡанунының һәм бойороҡтарының үтәлешенә ҡағылышлы һәр эштә ул Аллаһына ынтылған хәлдә, бөтә йөрәктән ихлас башҡарған өсөн уңыш ҡаҙана. Хизкияһ батша Раббыға тоғролоҡ менән башҡарған ошо эштәрҙән һуң, Ашшур батшаһы Санхерив Йәһүҙәгә һөжүм итә һәм, нығытмалы ҡалаларҙы тартып алыу ниәте менән, уларҙы ҡамап ала. Хизкияһ, Санхеривтың Йәрүсәлимгә ҡаршы һуғыш менән килгәнен күргәс, үҙенең хәрби башлыҡтары һәм батыр яугирҙәре менән һөйләшеп, ҡаланан ситтәге һыу сығанаҡтарын быуҙырырға була. Бик күп халыҡ йыйыла, бөтә инештәрҙе, ил буйлап аҡҡан йылғаны быуып ҡуялар, бында килгәс, Ашшур батшалары һыу тапмаһын, тиҙәр. Хизкияһтың күңеле күтәрелеп китә, емерелгән диуарҙы торғоҙа, уның өҫтөнә манаралар төҙөттөрә, тыштан тағы бер диуар ҡорҙорта, Дауыт ҡалаһындағы Миллоны нығыттырып, күпләп ҡорал, ҡалҡандар әҙерләтә. Халыҡ өҫтөнән хәрби башлыҡтар тәғәйенләп, уларҙы ҡала ҡапҡаһы янындағы майҙанға йыя ла, йөрәктәренә үтерлек итеп, былай ти: – Ныҡ булығыҙ, батыр булығыҙ, Ашшур батшаһынан да, уның менән ябырылып килеүселәрҙән дә ҡурҡмағыҙ, ҡалтыранып төшмәгеҙ, сөнки уларҙа түгел, беҙҙең яҡта ҡөҙрәтлерәк көс. Уларҙың беләге көслө, ә беҙҙең яҡта – Аллабыҙ Раббы, Ул беҙгә ярҙам итәсәк һәм беҙҙең өсөн алышасаҡ. Йәһүҙә батшаһы Хизкияһтың һүҙҙәре халыҡтың рухын күтәрә. Бынан һуң үҙенең бөтә ғәскәре менән Лахиш ҡалаһын ҡамауҙа тотҡан Ашшур батшаһы Санхерив, хеҙмәтселәрен Йәрүсәлимгә ебәреп, Йәһүҙә батшаһы Хизкияһҡа һәм Йәрүсәлимдә йәшәгән бөтә йәһүҙиҙәргә былай тип әйтергә ҡуша: – Ашшур батшаһы Санхерив былай ти: «Һеҙ нимәгә өмөтләнәһегеҙ, Йәрүсәлимдең ҡамалышын нисек үткәрмәксе булаһығыҙ? „Аллабыҙ Раббы беҙҙе Ашшур батшаһы ҡулынан ҡотҡарасаҡ“, – тип Хизкияһ һеҙҙе алдамаһын. Ул һеҙҙе аслыҡтан һәм сарсауҙан һәләк итмәксе! Хизкияһ, ошо Аллағыҙға табыныу ҡалҡыулыҡтарын, ҡорбан усаҡтарын боҙоп ташлап, Йәһүҙә халҡына һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә фәҡәт ошо ҡорбан усағы алдында ғына сәждә ҡылырға һәм хуш еҫ төтәтергә ҡушты түгелме? Минең һәм ата-бабаларымдың башҡа илдәрҙәге бөтә халыҡтар менән ни эшләгәнебеҙҙе белмәйһегеҙме әллә һеҙ? Ул халыҡтарҙың илаһтарының береһе үҙ илен минең ҡулдан ҡотҡара алдымы? Минең ата-бабаларым ҡырып һалған халыҡтарҙың илаһтарының ҡайһыһы минән үҙенең халҡын ҡотҡарып алып ҡалды? Шулай булғас, нисек итеп Аллағыҙ һеҙҙе минең ҡулымдан ҡотҡара алһын? Хизкияһ һеҙҙе алдаштырмаһын, башығыҙҙы бутамаһын, уға ышанмағыҙ: быға тиклем бер халыҡтың, бер батшалыҡтың бер илаһы ла халҡын минең йәки ата-бабаларымдың ҡулынан ҡотҡара алмағанды, һеҙҙең Аллағыҙ ҙа һеҙҙе минең ҡулдан ҡотҡара алмаясаҡ». Санхеривтың хеҙмәтселәре Алла Раббыға һәм Уның ҡоло Хизкияһҡа ҡаршы тағы ла күберәк һөйләй. Санхерив, яҙған хаттарында ла Исраил Аллаһы Раббыны хурлап, Уға ҡаршы ошондай һүҙҙәр ҙә әйтә: «Башҡа илдәрҙең илаһтары үҙ халыҡтарын минең ҡулымдан ҡотҡара алмаған кеүек, Хизкияһтың Аллаһы ла Үҙ халҡын минең ҡулымдан ҡотҡара алмаясаҡ». Ашшур батшаһының хеҙмәтселәре диуар өҫтөндә торған Йәрүсәлим халҡына ҡарап, йәһүд телендә һөрәнләйҙәр. Улар, ҡаланы баҫып алыу еңелерәк булһын өсөн, халыҡтың ҡотон алып, ҡурҡытмаҡсы булалар. Йәрүсәлим Аллаһын башҡа халыҡтарҙың кеше ҡулы менән яһалған аллаларына тиңләп һөйләйҙәр. Хизкияһ батша менән Амус улы Ишағыяһ пәйғәмбәр, доға ҡылып күктәрҙән ярҙам ялбара. Раббы Үҙенең фәрештәһен ебәрә, ул Ашшур батшаһы ғәскәрендәге барлыҡ батырҙарҙы, ғәскәр башлыҡтарын һәм түрәләрҙе ҡырып сыға. Ашшур батшаһы, хурлыҡҡа ҡалып, үҙ еренә кире ҡайтып китә. Үҙ илаһының йортона килгәс, уны үҙ улдары ҡылыс менән сәнсеп үлтерә. Раббы бына шулай итеп Хизкияһ менән Йәрүсәлим кешеләрен Ашшур батшаһы Санхерив ҡулынан, шулай уҡ башҡаларҙан да ҡотҡара һәм һәр тарафта һаҡлап тора. Күптәр Йәрүсәлимгә Раббыға тип бүләктәр, Йәһүҙә батшаһы Хизкияһҡа затлы әйберҙәр килтерә. Ошо хәлдәрҙән һуң уның бар халыҡтар алдында абруйы үҫә бара. Шул осорҙа Хизкияһ үлемесле ауырыуға тарый. Ул Раббыға доға ҡылып ялбара. Раббы Хизкияһҡа яуап биреп, һауығыуына ишара иткән билдә ебәрә. Әммә Хизкияһ үҙенә төшкән изгелектең хаҡын ҡайтармай, сөнки йөрәген маһайыу биләп алған була. Шунлыҡтан уға, Йәһүҙәгә һәм Йәрүсәлимгә Раббының асыуы төшә. Шунда Хизкияһ, Йәрүсәлим халҡы һымаҡ, үҙенең тәкәбберлеген йүгәнләй. Шунлыҡтан Хизкияһ дәүерендә Раббының асыуы уларға башҡаса төшмәй. Хизкияһ бай һәм данлы була, ул алтын-көмөш, аҫыл таштар, еҫле майҙар һәм ҡалҡандар, затлы әйберҙәрҙе ҡуйыу өсөн һаҡлағыстар; иген уңышын, шарапты, зәйтүн майын һаҡлау өсөн келәттәр, мал-тыуар өсөн ҡуралар, көтөүҙәре өсөн кәртәләр яһата. Ҡалалар төҙөтә. Ваҡ һәм эре мал көтөүҙәре бик күп була, сөнки Алла уға байлыҡты мул бирә. Хизкияһ шулай уҡ, Гихон шишмәһен үрҙән быуҙырып, һыуын Дауыт ҡалаһының көнбайышына ағыҙа. Хизкияһ һәр эштә уңыш ҡаҙана. Бабил түрәләре илендәге билдә тураһында һорашырға тип ебәргән илселәр алдында ғына, уны һынарға тип, күңелендәген астырыр өсөн, Алла яңғыҙын ҡалдыра. Хизкияһтың башҡа ғәмәлдәре, яҡшы эштәре тураһында Йәһүҙә һәм Исраил батшалары китабындағы Амус улы пәйғәмбәр Ишағыяһҡа иңгән күренмештә бәйән ителгән. Хизкияһ үлеп, ата-бабаларына ҡушыла һәм уны Дауыт нәҫеле төрбәһенең үрге яғына дәфен ҡылалар. Хизкияһ вафат булғас, бөтә Йәһүҙә халҡы һәм Йәрүсәлим кешеләре уны хөрмәтләп оҙата. Уның урынына улы Менашше батша була. Тәхеткә ултырғанда Менашшеға ун ике йәш була. Ул Йәрүсәлимдә илле биш йыл батшалыҡ итә. Менашше Раббы Исраил халҡы алдынан ҡыуып ебәргән ҡәүемдәрҙең ерәнгес йолаларын ҡабатлап, Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла. Атаһы Хизкияһ емергән табыныу ҡалҡыулыҡтарын яңынан торғоҙа, Бәғелдәргә ҡорбан усаҡтары төҙөтә, Ашераға ҡолғалар ҡуйҙыра, барлыҡ күк есемдәренә сәждә ҡылып, уларға табына. Раббының: «Минең исемем Йәрүсәлимдә мәңгегә төйәкләнер» тигән ҡорамында ят илаһтарға ҡорбан усаҡтары төҙөтә. Раббы ҡорамының ике ихатаһында ла, бөтә күк есемдәренә бағышлап, ҡорбан усаҡтары яһата. Ул Бен-Һинном үҙәнендә улдарын утҡа һалып ҡорбан итә, күрәҙәлек, сихыр һәм тылсым менән шөғөлләнә, әруахтарҙың рухын саҡырыусылар, тылсымсылар менән аралаша. Раббыға ҡаршы бик күп золом ҡылып, Уны асыуландыра. Менашше Алла ҡорамына ырып яһалған һынды урынлаштыра. Ә бит Алла Дауыт менән уның улы Сөләймәнгә: «Был йортта һәм Мин Исраилдың бөтә ырыуҙары араһынан һайлап алған Йәрүсәлимдә исемем мәңгегә төйәкләнер. Әгәр ҙә Мин уларға Муса аша еткергән бөтә ҡанунды, ҡағиҙә һәм ҡарарҙарҙы үтәһәләр, Мин ата-бабаларығыҙға биргән ерҙән исраилдар мәңге китмәҫ», – тип әйткән була. Ләкин Менашше Йәһүҙә менән Йәрүсәлим халҡын шул тиклем юлдан яҙҙыра, хатта Раббы Исраил халҡы алдынан юҡ иткән ҡәүемдәрҙән дә былайыраҡ золом ҡылалар. Раббы Менашше менән уның халҡын киҫәтә, тик улар ҡолаҡ һалмай. Раббы уларға Ашшур батшаһының хәрби башлыҡтарын ебәрә, улар Менашшены әсиргә ала, танауына ҡулса тағып, Бабилға алып китә. Бәләгә тарығас, ул Аллаһы Раббыға бик ныҡ ялбара һәм ата-бабаларының Аллаһына ихлас буйһона. Ул доғаларын юллай һәм Алла уға илтифат итә, уның ялбарыуын ишетә, Йәрүсәлимгә ҡайтарып, тәхетенә ултырта. Шунда Менашше Раббының Алла икәнлеген аңлай. Шунан һуң ул Дауыт ҡалаһының тышҡы диуарын төҙөтә, уны Гихондан көнбайышта, үҙән буйлап Балыҡ ҡапҡаһына тиклем үткәреп, Ғофел тирәләй әйләндерә һәм бик ныҡ бейегәйтә. Йәһүҙәлә бөтә нығытылған ҡалаларға хәрби башлыҡтар ҡуя, сит аллаларҙы һәм Раббы ҡорамындағы һынды, Раббы ҡорамының тауында һәм Йәрүсәлимдә төҙөткән ҡорбан усаҡтарын емертә һәм ҡаланан тышҡа сығарып ташлаттыра. Раббының ҡорбан усағын аяҡҡа баҫтырып, унда татыулыҡ һәм шөкөр ҡорбандары килтерә, Йәһүҙә халҡына Исраил Аллаһы Раббыға табынырға бойора. Әммә халыҡ, үҙенең Аллаһы Раббыға бағышлаһа ла, ҡорбанды һаман табыныу ҡалҡыулыҡтарында килтереүен дауам итә. Менашшеның ҡалған бөтә ғәмәлдәре, уның үҙ Аллаһына доғаһы, уға Исраил Аллаһы Раббы исеменән өндәшкән әүлиәләрҙең һүҙҙәре «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған. Уның доғаһы ла, үтенесенең ҡабул ителеүе лә, Аллаға ихлас буйһонғанға тиклем ҡылған бөтә гонаһтары һәм хыянаттары ла, ул табыныу ҡалҡыулыҡтары төҙөткән, Ашераға ҡолғалар, боттар ҡуйҙыртҡан урындары тураһында Хозайҙың яҙмаларында һүрәтләнә. Менашше үлеп, ата-бабалары хозурына күсә һәм үҙ һарайында дәфен ҡылына. Уның урынына улы Амон тәхеткә ултыра. Амон егерме ике йәшендә тәхеткә ултыра һәм Йәрүсәлимдә ике йыл батша була. Әммә, атаһы Менашше кеүек үк, Раббы күҙендә яман булған ғәмәлдәр ҡыла; атаһы Менашше яһатҡан бөтә боттарға ҡорбандар килтерә, уларға табына. Раббыға атаһы Менашше Аллаға ихлас буйһонған һымаҡ буйһонмай, киреһенсә, гонаһтарын арттыра ғына. Ярандары Амонға ҡаршы фетнә ойоштора һәм уны һарайында үлтерә. Ил халҡы Амонға ҡаршы фетнә ойошторғандарҙың барыһын да ҡырып, улы Йошияһты батша итеп ҡуя. Тәхеткә ултырғанда Йошияһҡа һигеҙ йәш була. Ул Йәрүсәлимдә утыҙ бер йыл батшалыҡ итә. Йошияһ Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡыла, боронғо бабаһы Дауыттың юлын тота, уңға ла, һулға ла тайпылмай. Батшалыҡ итеүенең һигеҙенсе йылында, үҫмер генә сағында, ул боронғо бабаһы Дауыттың Аллаһына ынтыла башлай, ә ун икенсе йылында Йәһүҙә менән Йәрүсәлимде табыныу ҡалҡыулыҡтарынан, Ашера ҡолғаларынан, уйылған һәм ҡойолма боттарҙан таҙартырға тотона. Уның бойороғо менән халыҡ Бәғелдең ҡорбан усаҡтарын һәм улар янындағы хуш еҫ төтәтеү усаҡтарын емерә, Ашера ҡолғаларын ҡырҡа, уйылған һәм ҡойолма боттарҙы вата, онтаҡтарын уларға ҡорбан килтергәндәрҙең ҡәберҙәре өҫтөнә һибә. Ә боттарға табынған ҡаһиндарҙың һөйәктәрен ошо боттарға ҡорбан килтергән ҡорбан усаҡтарында яндыра, шул рәүешле Йәһүҙә менән Йәрүсәлимде паклай. Нафтали ерҙәренә тиклем һуҙылған Менашше, Әфраим, Шимғон ырыуҙары ҡалаларында һәм уларҙың эргә-тирәһендәге бушап ҡалған ерҙәрҙә, бөтә Исраил илендә уларҙың ҡорбан усаҡтарын, Ашера ҡолғаларын юҡ иттерә, боттарын селпәрәмә килтереп ташлай. Шунан һуң Йәрүсәлимгә әйләнеп ҡайта. Батшалыҡ итеүенең ун һигеҙенсе йылында, илде, Алла ҡорамын таҙартҡас, Йошияһ Асалъяһ улы Шафанды, ҡала мөдире Мағасеяһты, йылъяҙмасы Йоах Йоахаз улын Аллаһы Раббының ҡорамын төҙөкләндерергә ебәрә. Улар баш ҡаһин Хилҡияһҡа килә, Алла ҡорамына бирелгән көмөштәрҙе уға тапшыра. Был көмөштәрҙе тупһа һаҡлаусы левиҙәр менашшеларҙан, әфраимдар һәм башҡа исраилдарҙан, бөтә йәһүҙиҙәрҙән, бинйәминдәрҙән, Йәрүсәлимдә йәшәүселәрҙән йыйған була. Был көмөш Раббы ҡорамындағы эштәргә етәкселек итергә тәғәйенләнгән кешеләргә бирелә. Улар йортто йүнәткән һәм аяҡҡа баҫтырған эшселәргә түләй. Улар балта оҫталарына, төҙөүселәргә Йәһүҙә батшалары емергән биналарҙы йүнәтеү өсөн юнылған таш менән өрлөк һәм элгес-күгәндәр өсөн ағас һатып алырға тип тарата. Был кешеләр эштә намыҫлы була, уларға күҙәтеүселәр итеп Мерари нәҫеле левиҙәре Яхаҫ менән Ғовадъяһ, Ҡыһаҫ нәҫеленән Зәкәрьяһ менән Мешуллам тәғәйенләнә. Уйын ҡоралдарында яҡшы уйнай белгән бөтә левиҙәр йөк ташыусыларҙы оҙатып йөрөй һәм һәр төрлө вазифа башҡарыусыларҙың эшен күҙәтә; сәркәтиптәр ҙә, мөдирҙәр ҙә, ҡапҡа һаҡсылары ла левиҙәрҙән була. Раббы йортона килтерелгән көмөштө алған саҡта, Хилҡияһ ҡаһин Раббының Муса аша бирелгән ҡанун китабын таба. Хилҡияһ кәтип Шафанға: – Раббы ҡорамында ҡанун китабы табып алдым, – ти һәм кәтип Шафандың ҡулына бер төргәк китап тоттора. Шафан иһә китапты батшаға алып китә һәм уға бер юлы: – Һинең хеҙмәтселәрең, ни ҡушылған булһа, шуның һәммәһен үтәп йөрөй. Раббы ҡорамында булған бөтә көмөштө ҡорамды төҙөкләндереү менән етәкселек итеүселәрҙең һәм эшселәрҙең ҡулына бирҙеләр, – тип хәбәр итә. Шафан кәтип батшаға Хилҡияһ ҡаһиндың үҙенә китап биргәнен дә еткерә. Ул уны батшаға уҡып ишеттерә. Батша, ҡанун һүҙҙәрен ишеткәс, өҫтөндәге кейемдәрен йыртып ташлай. Ул Хилҡияһҡа, Шафан улы Ахиҡамға, Миха улы Ғавдонға, Шафан кәтипкә, батшаның хеҙмәтсеһе Ғасаяһҡа былай тип бойора: – Барығыҙ, минең хаҡҡа, Исраил менән Йәһүҙәлә ҡалғандар хаҡына ошо табылған китапта яҙылғандар тураһында Раббынан һорап белешегеҙ. Сөнки, ата-бабаларыбыҙ Раббы һүҙен тотмағаны, ошо китаптағыса йәшәмәгәне өсөн, Уның беҙгә төшәһе асыуы көслө. Шунан Хилҡияһ ҡаһин һәм батша ебәргән кешеләр Раббы ҡорамында кейем-һалымдарҙы ҡараусы Хасраның улы Тоҡһаҫтың улы Шаллумдың ҡатынына – Хулда пәйғәмбәргә юллана. Ул Йәрүсәлимдең яңы биҫтәһендә йәшәгән була. Хулда менән ошо хаҡта һөйләшәләр. Хулда уларға былай ти: – Исраилдың Аллаһы Раббы әйтә: «Һеҙҙе Миңә ебәргән кешегә еткерегеҙ. „Раббы былай ти: Мин хәҙер бына был урынға, унда йәшәгән кешеләргә һәләкәт ебәрәм – Йәһүҙә батшаһы алдында уҡылған китапта яҙылған бөтә ҡарғыштарҙы күндерәм. Сөнки улар Минән ваз кистеләр, башҡа илаһтарға хуш еҫ төтәттеләр, үҙ ҡулдарының эше менән Минең асыуымды ҡабарттылар, шуға күрә асыуым был урынға түгеләсәк һәм ул һүнмәйәсәк“. Һеҙҙе Раббынан һорашып-белешер өсөн ебәргән Йәһүҙә батшаһына иһә белдерегеҙ: „Исраилдың Аллаһы Раббы әле һин ишеткәндәр хаҡында былай ти: Алланың ошо ергә һәм унда йәшәүселәргә ҡаршы һүҙҙәрен ишетеп, күңелең йомшарҙы һәм Алла алдында үҙеңдең тәкәбберлегеңде йүгәнләнең. Эйе, Минең алда ысынлап та тәкәбберлегеңде йүгәнләнең, ҡайғынан кейемеңде йыртып, алдымда иланың. Шуның өсөн Мин һине ишеттем, – ти Раббы. – Шуға күрә Мин һине ата-бабаларың янына оҙатырмын, һин тыныслыҡта дәфен ҡылынырһың. Күҙҙәрең был урынға һәм унда йәшәүселәргә Мин килтерәсәк оло һәләкәтте күрмәҫ“». Ҡайтып был яуапты батшаға һөйләп бирәләр. Батша, хәбәр ебәреп, Йәһүҙә менән Йәрүсәлимдең бөтә аҡһаҡалдарын янына йыйып ала. Шунан Йәһүҙә кешеләрен, Йәрүсәлимдә йәшәүселәрҙе, ҡаһиндарҙы, левиҙәрҙе, олоһонан алып кесеһенә тиклем бөтә халыҡты эйәртеп, Раббы ҡорамына сыға. Шунда ул Раббы ҡорамында табылған Килешеү китабын уларға бәйнә-бәйнә ҡысҡырып уҡый. Батша, үҙ урынына баҫып, Раббы менән килешеү төҙөй: Раббы юлынан йөрөргә, Уның бойороҡтарын, күрһәтмәләрен һәм ҡағиҙәләрен бөтә йөрәктән, ихлас күңел менән теүәл үтәргә, был китапта яҙылған килешеүҙең шарттарын ғәмәлгә ашырырға вәғәҙә бирә. Батша Йәрүсәлимдә һәм Бинйәмин ерендә йәшәгән һәр кемгә шуны раҫларға бойора. Шулай итеп, Йәрүсәлим кешеләре ата-бабалары Аллаһының килешеүе буйынса йәшәй башлай. Йошияһ Исраил халҡы ерендәге бөтә әшәкене юҡ иттерә һәм Исраилдағы һәр кемгә үҙҙәренең Аллаһы Раббыға хеҙмәт итергә бойора. Уның дәүерендә улар ата-бабаларының Аллаһы Раббынан тайпылмай. Йошияһ Йәрүсәлимдә Раббыға Ҡотҡарылыу байрамы уҙғара. Беренсе айҙың ун дүртендә Ҡотҡарылыу байрамы бәрәсен салалар. Ул ҡаһиндарҙы тәғәйен вазифаларына тотонорға ҡуша, Раббы ҡорамында хеҙмәт башҡарыуға дәртләндерә. Үҙҙәрен Раббыға бағышлаған һәм халыҡҡа ғилем биргән левиҙәргә былай ти: – Изге һандыҡты Исраил батшаһы Дауыттың улы Сөләймән төҙөгән ҡорамға ҡуйығыҙ. Бынан ары һеҙгә уны күсереп йөрөтөүҙең хәжәте юҡ. Хәҙер Аллағыҙ Раббыға һәм Уның халҡы Исраилға хеҙмәт итегеҙ. Исраил батшаһы Дауыт һәм уның улы Сөләймән ҡушҡанса, ғаилә-ғаилә булып сиратығыҙға теҙелегеҙ. Изге урында үҙҙәренең туғандарының вәкиле булған һәр төркөмгә бер төркөм левиҙәр тура килерлек итеп баҫығыҙ. Ҡотҡарылыу байрамы бәрәсен салығыҙ, изгеләнегеҙ, Муса аша Раббы хәбәр иткәнгә ярашлы, уны туғандарығыҙ өсөн бешерегеҙ. Йошияһ халҡына, шундағыларҙың һәммәһенә, Ҡотҡарылыу байрамы ҡорбанлығы итеп, утыҙ мең баш һарыҡ һәм кәзә бәрәстәре, өс мең баш үгеҙ бирә. Былары батша мөлкәтенән була. Түрәләр ҙә үҙ теләктәре менән халыҡҡа, ҡаһиндарға һәм левиҙәргә хәйер тарата: Хилҡияһ, Зәкәрьяһ, Йехиил, Алла ҡорамындағы мөдирҙәр Ҡотҡарылыу байрамы ҡорбаны итеп ҡаһиндарға ике мең алты йөҙ һарыҡ һәм кәзә бәрәстәре, өс йөҙ үгеҙ бирә. Конанияһ, уның ир туғандары Шемағъяһ, Неҫанил, левиҙәрҙең башлыҡтары Хашавъяһ, Йеғиил, Йозавад Ҡотҡарылыу байрамына ҡорбанлыҡ итеп биш мең баш ваҡ мал һәм биш йөҙ үгеҙ бүләк итә. Хеҙмәт шулай ойошторола. Батша бойороғон үтәп, ҡаһиндар вазифаларына баҫа, левиҙәр үҙ төркөмөнә килеп баҫа. Артабан Ҡотҡарылыу байрамы бәрәстәрен салалар. Ҡаһиндар левиҙәр биргән ҡанды һирпә, ә левиҙәр ҡорбан малының тиреһен тунарға керешә. Муса китабында яҙылғанса, ҡорбан өсөн тәғәйенләнгән малдарҙың Раббыға бағышлап яндырылырға тейешле өлөшөн айырып алып, һәр бер ғаилә-йортҡа таратып бирәләр. Үгеҙҙәрҙе лә шулай итәләр. Ҡотҡарылыу байрамы бәрәстәрен, ҡағиҙәгә ярашлы, утта ҡуралар. Изге ҡорбандарҙы ҡаҙандарҙа, көршәктәрҙә һәм табаларҙа бешереп, йәһәт кенә халыҡҡа тараталар. Шунан һуң үҙҙәренә һәм ҡаһиндарға бешерәләр, сөнки быға тиклем ҡаһиндар, Һарун улдары, төнгә тиклем тотош яндырыу ҡорбанын һәм эс майын яндырыу менән мәшғүл була. Шул сәбәпле левиҙәр һуңынан үҙҙәре менән Һарун нәҫелдәре – ҡаһиндар өсөн әҙерләй. Асаф нәҫеле йырсылары ла, Дауыт менән Асаф, Һеман һәм батша әүлиәһе Йедуҫун ҡушҡанса, урындарында тора, һәр ҡапҡа төбөндәге һаҡсылар урынынан ҡуҙғалмай: уларға хеҙмәтен ташлап йөрөргә сәбәп сыҡмай, сөнки леви туғандары уларға ла бешерә. Ул көндө, Йошияһ батша ҡушҡанса, Ҡотҡарылыу байрамын билдәләү һәм Раббының ҡорбан усағында тотош яндырыу ҡорбандары килтереүҙән ғибәрәт булған Раббы хеҙмәте шулай ҡорола. Шул ваҡытта унда булған исраилдар Ҡотҡарылыу байрамын билдәләйҙәр һәм ете көн буйы Сөсө икмәк байрамын үткәрәләр. Исраилдар бындай Ҡотҡарылыу байрамын Шемуил пәйғәмбәр дәүеренән бирле үткәргәне булмай. Исраил батшаларынан Йошияһ, уның осорондағы ҡаһиндар, левиҙәр, бөтә йәһүҙиҙәр, исраилдар, Йәрүсәлимдә йәшәүселәр үткәргән кеүек Ҡотҡарылыу байрамын бер батша ла билдәләмәгән була. Был Ҡотҡарылыу байрамы Йошияһ батшалыҡ иткәндең ун һигеҙенсе йылында була. Йошияһ Алла ҡорамын тәртипкә һалғандан һуң, Мысыр батшаһы Нехо яу менән Евфрат буйындағы Каркемишҡа йүнәлә. Йошияһ уға ҡаршы сыға. Нехо уға илселәр аша шундай хәбәр ебәрә: «Һинең миндә ни эшең бар, Йәһүҙә батшаһы? Әле мин һиңә түгел, үҙем дошман булған батшалыҡҡа ҡаршы яуға барам. Алла миңә ашығырға ҡуша. Аллаға ҡаршы сыҡма, Ул – минең менән, һине харап итеп ҡуймаһын». Ләкин Йошияһ фекеренән ҡайтмай, ә уның менән алышҡа әҙерләнә, Нехоның Алла ҡушыуы буйынса әйткән һүҙҙәренә ҡолаҡ һалмай һәм Мегиддо тигеҙлегенә һуғышырға тип сыға. Уҡсыларҙың Йошияһ батшаға атҡан уғы килеп тейә. Батша хеҙмәтселәренә: – Ҡаты яраландым, мине бынан алып китегеҙ, – тип бойора. Хеҙмәтселәре уны, яу арбаһынан төшөрөп, икенсе арбаға ултырта һәм Йәрүсәлимгә алып ҡайта. Ул вафат була, ата-бабалары төрбәһенә дәфен ҡылына. Бөтә Йәһүҙә менән Йәрүсәлим Йошияһ өсөн ҡайғырып илай. Йошияһ тураһында Йермеяһ һыҡтау йыры сығарған; бөгөнгө көнгө тиклем ир һәм ҡатын-ҡыҙ йырсылар ошо һыҡтау йырын башҡара. Был Исраилда йола булып киткән һәм улар Һыҡтау йырҙарына индерелгән. Йошияһтың башҡа ғәмәлдәре һәм Раббы ҡанунына ярашлы изге эштәре башынан аҙағынаса Исраил һәм Йәһүҙә батшалары китабында яҙылған. Шунан илдең халҡы Йошияһ улы Йеһоахазды Йәрүсәлимдә атаһы урынына батша итеп ҡуя. Тәхеткә ултырғанда Йеһоахазға егерме өс йәш була. Ул Йәрүсәлимдә өс ай батшалыҡ итә. Мысыр батшаһы уны Йәрүсәлимдәге тәхетенән ҡолата һәм Йәһүҙәгә йөҙ талант көмөш һәм бер талант алтын күләмендә түләү һала. Фирғәүен Нехо Йеһоахаздың ағаһы Әлъяҡимды, исемен Йеһояҡим тип үҙгәртеп, Йәһүҙә менән Йәрүсәлим өҫтөнән батша итеп ҡуя, Йеһоахазды иһә Мысырға алып китә. Тәхеткә ултырғанда Йеһояҡимға егерме биш йәш була. Ул Йәрүсәлимдә ун бер йыл батшалыҡ итә. Ул Аллаһы Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла. Бабил батшаһы Навуходоносор уға яу менән килә. Ул Йеһояҡимды бығаулап Бабилға алып китә. Раббы ҡорамындағы һауыттарҙың бер өлөшөн Навуходоносор Бабилға алып китеп үҙенең Бабилдағы һарайына ҡуя. Йеһояҡимдың башҡа ғәмәлдәре, ул ҡылған әшәке эштәр Исраил һәм Йәһүҙә батшалары китабында яҙылған. Уның урынына улы Йеһояхин батша була. Йеһояхин ун һигеҙ йәшендә тәхеткә ултыра һәм Йәрүсәлимдә өс ай ҙа ун көн батшалыҡ итә. Ул Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла. Киләһе йылдың яҙында Навуходоносор, үҙенең кешеләрен ебәреп, уны Бабилға алдырта. Уның менән бергә Раббы ҡорамындағы затлы һауыттарҙы ла алып китәләр. Йеһояхин урынына Йәһүҙә менән Йәрүсәлимгә батша итеп уның яҡын туғаны Сидкияһ тәғәйенләнә. Тәхеткә ултырғанда Сидкияһҡа егерме бер йәш була. Ул Йәрүсәлимдә ун бер йыл батшалыҡ итә һәм үҙенең Аллаһы Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла. Ул Раббы һүҙен еткереүсе Йермеяһ пәйғәмбәр алдында ла баш эймәй. Навуходоносор батша Сидкияһты Алла исеме менән тоғролоҡҡа ант иттерһә лә, Сидкияһ уға ҡаршы фетнә күтәрә, үҙ һүҙлелегенә барып, бәғерһеҙләнә, хатта Исраил Аллаһы Раббыға табан боролоуҙан баш тарта. Ҡаһиндарҙың башлыҡтары ла, халыҡ үҙе лә хыянаттарын арттыра бара, башҡа ҡәүемдәрҙең әшәкелектәрен ҡабатлай, Раббы Йәрүсәлимдә изгеләндергән ҡорамды нәжесләй. Ата-бабаларының Аллаһы Раббы уларға әленән-әле илселәрен ебәреп тора, сөнки Ул Үҙ халҡын, Үҙ торлағын бик йәлләй. Ләкин улар Алла илселәрен мыҫҡыллай, Алла һүҙҙәренә ҡолаҡ та һалмай, пәйғәмбәрҙәрен битәрләй. Раббының Үҙ халҡына асыуы төшкәнгә тиклем шулай дауам итә, ҡотолоу сараһы ҡалмай. Раббы уларға халдейҙар батшаһын ебәрә. Шул батша Изге торлаҡта уларҙың егеттәрен ҡылыстан үткәрә. Егет-еләнгә лә, ҡыҙ-ҡырҡынға ла, ҡарт-ҡороға ла аяу булмай: Алла уларҙың барыһын да ошо батша ҡулына тапшыра. Бабил батшаһы Алла ҡорамындағы бөтә һауыт-һабаны – ҙурҙарын да, бәләкәйҙәрен дә – ҡорамдағы хазиналарҙы, батша менән уның түрәләренең хазиналарын Бабилға алып ҡайтып китә. Алла ҡорамын яндыралар, Йәрүсәлим диуарҙарын емерәләр, бөтә затлы һарайҙарҙы үртәйҙәр, затлы әйберҙәрен ваталар. Ҡылыстан имен ҡалғандарҙы иһә ул батша Бабилға һөргөнгә алып китә. Йәһүҙә халҡы Бабил батшаһына һәм улдарына ҡол була. Фарсы батшалығы көсәйгәнгә тиклем шулай дауам итә. Ә тупраҡ шәмбе ялына рәхәтләнә. Раббының Йермеяһ пәйғәмбәр иғлан иткән һүҙҙәре буйынса, етмеш йыл үткәнгә тиклем ул үҙенең буш ятҡан дәүерендә шәмбене һаҡлай. Фарсы батшаһы Кир хакимлығының беренсе йылында Раббы, Йермеяһ аша еткергән һүҙен ғәмәлгә ашырып, Фарсы батшаһы Кирҙың күңелендә теләк уята. Шуға күрә Кир үҙ батшалығының бөтә тарафтарында һүҙ менән дә, яҙма рәүештә лә ошоларҙы иғлан итергә фарман бирә: Фарсы батшаһы Кир шуны мәғлүм ҡыла: Күк Аллаһы Раббы донъяның бөтә батшалыҡтарын миңә бирҙе. Ул Йәһүҙәләге Йәрүсәлим ҡалаһында Үҙенә бер йорт һалырға ҡушты. Уның халҡынан булғандар – Аллалары Раббы улар менән булһын! – шунда барһын. Фарсы батшаһы Кир хакимлығының беренсе йылында Раббы, Үҙенең Йермеяһ аша еткергән һүҙен ғәмәлгә ашырып, Фарсы батшаһы Кирҙың күңелендә теләк уятты. Шуға күрә Кир үҙ батшалығының бөтә тарафтарында һүҙ менән дә, яҙма рәүештә лә ошоларҙы иғлан итергә фарман бирҙе: Фарсы батшаһы Кир шуны мәғлүм ҡыла: Күк Аллаһы Раббы донъяның бөтә батшалыҡтарын миңә бирҙе. Ул Йәһүҙәләге Йәрүсәлим ҡалаһында Үҙенә бер йорт һалырға ҡушты. Уның халҡынан булғандар – Аллалары улар менән булһын! – Йәһүҙәгә, Йәрүсәлимгә барһын һәм Исраилдың Аллаһы Раббыға – Йәрүсәлимдәге Аллаға йорт һалһын. Батшалығымдағы ерле халыҡ килмешәк булып йәшәгән урындарында иҫән ҡалған исраилдарға Йәрүсәлимдәге Алла йортон төҙөү өсөн алтын-көмөш, башҡа төр мөлкәт, мал-тыуар, хәйер-саҙаҡа менән ярҙам итһен. Бына шул саҡ Йәһүҙә һәм Бинйәмин ырыуҙары башлыҡтары, ҡаһиндар менән левиҙәр, Алла күңелдәренә рух һалған һәр кеше Йәрүсәлимдәге Алла йортон төҙөргә тип аяҡҡа баҫты. Уларҙың бергә йәшәгән бөтә күрше-күләне хәйер-саҙаҡанан тыш көмөш һауыт-һаба, алтын, башҡа төр мөлкәт, мал-тыуар, ҡиммәтле әйберҙәр биреп ярҙам итте. Фарсы батшаһы Кир ҡасандыр Навуходоносор Раббының Йәрүсәлимдәге йортонан алып китеп, үҙ илаһы йортона ҡуйған һауыт-һабаны сығартты. Кир батша уларҙы хазина һаҡсыһы Миҫредаҫҡа тапшырҙы. Ә Миҫредаҫ уларҙың һәммәһен дә Йәһүҙә башлығы Шешбассарға бирҙе. Уларҙың һаны былай ине: алтын табаҡ – утыҙ, көмөш табаҡ – мең, бысаҡ – егерме туғыҙ, алтын табаҡ – утыҙ, башҡа көмөш табаҡтар – дүрт йөҙ ун, башҡа төр һауыт-һаба – мең дана. Алтын-көмөш һауыт-һаба бөтәһе биш мең дүрт йөҙ дана булды. Элек Бабилға һөрөлгәндәр Йәрүсәлимгә ҡайтҡан саҡта, Шешбассар быларҙың барыһын да үҙе менән алды. Бына өлкәнең Бабил батшаһы Навуходоносор Бабилға алып киткән һәм әле һөргөн әсирлегенән Йәрүсәлимгә һәм Йәһүҙәгә, һәр береһе үҙ ҡалаһына әйләнеп ҡайтҡан кешеләре. Уларҙы Зеруббавел, Йешуағ, Нөхәмияһ, Сераяһ, Реғелаяһ, Мордехай, Билшан, Миспәр, Бигуай, Рехум һәм Бағана алып килде. Бына ул исраилдарҙың исемлеге: Парғош нәҫеленән – ике мең йөҙ етмеш ике кеше; Шефатъяһ нәҫеленән – өс йөҙ етмеш ике кеше; Арах нәҫеленән – ете йөҙ етмеш биш кеше; Пахаҫ-Моав нәҫеленән Йешуағ менән Йоав тармағы – ике мең һигеҙ йөҙ ун ике кеше; Ғелам нәҫеленән – бер мең ике йөҙ илле дүрт кеше; Затту нәҫеленән – туғыҙ йөҙ ҡырҡ биш кеше; Заккай нәҫеленән – ете йөҙ алтмыш кеше; Бани нәҫеленән – алты йөҙ ҡырҡ ике кеше; Бевай нәҫеленән – алты йөҙ егерме өс кеше; Ғазгад нәҫеленән – бер мең ике йөҙ егерме ике кеше; Адониҡам нәҫеленән – алты йөҙ алтмыш алты кеше; Бигуай нәҫеленән – ике мең илле алты кеше; Ғадин нәҫеленән – дүрт йөҙ илле дүрт кеше; Атер нәҫеле Хизкияһ тармағынан – туҡһан һигеҙ кеше; Бесай нәҫеленән – өс йөҙ егерме өс кеше; Йора нәҫеленән – бер йөҙ ун ике кеше; Хашум нәҫеленән – ике йөҙ егерме өс кеше; Гиббар нәҫеленән – туҡһан биш кеше. Сығышы менән Бейт-Ләхәмдән булғандар нәҫеленән – бер йөҙ егерме өс кеше; сығышы менән Нетофанан булғандар нәҫеленән – илле алты кеше; сығышы менән Ғанаҫоҫтан булғандар нәҫеленән – бер йөҙ егерме һигеҙ кеше; сығышы менән Ғазмауыҫтан булғандар нәҫеленән – ҡырҡ ике кеше; сығышы менән Ҡыръяҫ-Еғарим, Кефира һәм Беероҫтан булғандар нәҫеленән – ете йөҙ ҡырҡ өс кеше; сығышы менән Рама һәм Гевағтан булғандар нәҫеленән – алты йөҙ егерме бер кеше; сығышы менән Михмастан булғандар нәҫеленән – бер йөҙ егерме ике кеше; сығышы менән Бейт-Ил һәм Ғайҙан булғандар нәҫеленән – ике йөҙ егерме өс кеше; сығышы менән Невонан булғандар нәҫеленән – илле ике кеше; сығышы менән Магбиштан булғандар нәҫеленән – бер йөҙ илле алты кеше; сығышы менән башҡа Ғеламдан булғандар нәҫеленән – бер мең ике йөҙ илле дүрт кеше; Харим нәҫеленән – өс йөҙ егерме кеше; сығышы менән Лод, Хадид һәм Ононан булғандар нәҫеленән – ете йөҙ егерме биш кеше; сығышы менән Йерихонан булғандар нәҫеленән – өс йөҙ ҡырҡ биш кеше; Сенаа нәҫеленән – өс мең алты йөҙ утыҙ кеше. Ҡаһиндар: Йешуағ нәҫеле Йедағъяһ тармағынан – туғыҙ йөҙ етмеш өс кеше; Иммер нәҫеленән – бер мең илле ике кеше; Пашхур нәҫеленән – бер мең ике йөҙ ҡырҡ ете кеше; Харим нәҫеленән – бер мең ун ете кеше. Левиҙәр: Һодауъяһ нәҫеле Йешуағ менән Ҡадмиил тармағынан – етмеш дүрт кеше. Ҡорам йырсылары: Асаф нәҫеленән – бер йөҙ егерме һигеҙ кеше. Ҡапҡа һаҡсылары: Шаллум, Атер, Талмон, Ғаҡҡув, Хатита һәм Шовай нәҫелдәренән – барлығы бер йөҙ утыҙ туғыҙ кеше. Ҡорам хеҙмәтселәре: Сиха нәҫеле, Хасуфа нәҫеле, Таббағоҫ нәҫеле, Ҡирос нәҫеле, Сиғаһа нәҫеле, Падон нәҫеле, Левана нәҫеле, Хагава нәҫеле, Ғаҡҡув нәҫеле, Хагав нәҫеле, Шалмай нәҫеле, Ханан нәҫеле, Гиддел нәҫеле, Гахар нәҫеле, Реаяһ нәҫеле, Ресин нәҫеле, Неҡода нәҫеле, Газзам нәҫеле, Ғузза нәҫеле, Пасеах нәҫеле, Бесай нәҫеле, Асна нәҫеле, Меғуним нәҫеле, Нефусим нәҫеле, Бакбук нәҫеле, Хаҡуфа нәҫеле, Хархур нәҫеле, Баслуҫ нәҫеле, Мехида нәҫеле, Харша нәҫеле, Барҡос нәҫеле, Сисера нәҫеле, Темах нәҫеле, Нәсиах нәҫеле, Хатифа нәҫеле. Сөләймәндең хеҙмәтселәренең нәҫелдәре: Сотай нәҫеле, Софәрәҫ нәҫеле, Перуда нәҫеле, Яғла нәҫеле, Дарҡон нәҫеле, Гиддел нәҫеле, Шефатъяһ нәҫеле, Хаттил нәҫеле, Похәрәҫ-Һассеваим нәҫеле, Ами нәҫеле. Ҡорам хеҙмәтселәре менән Сөләймәндең хеҙмәтселәренең нәҫел-нәсәптәренән – барлығы өс йөҙ туҡһан ике кеше. Сығышы буйынса Тел-Мелах, Тел-Харша, Керув, Аддан һәм Иммерҙән булған, әммә нәҫелдәре Исраилдан башланғанын иҫбатлай алмаған кешеләр: Делаяһ, Товияһ һәм Неҡода нәҫелдәренән – алты йөҙ илле ике кеше. Ҡаһиндар нәҫеленән: Ховаяһ нәҫеле, Һаҡҡос нәҫеле, Барзиллай нәҫеле. Барзиллай Ғилғәдтә йәшәгән Барзиллай ҡыҙҙарының береһенә өйләнә лә уның исеме менән йөрөй башлаған була. Улар үҙҙәренең нәҫел исемлектәрен эҙләп ҡараны, әммә, таба алмағанлыҡтан, ҡаһинлыҡтан төшөп ҡалдылар. Өлкә башлығы уларға: «Урим һәм туммим менән эш иткән ҡаһин килеп хәл иткәнгә тиклем һеҙ Аллаға килтерелгән изгеләрҙән-изге саҙаҡаларҙан ашай алмайһығыҙ», – тине. Йәмғиәттә бөтәһе ҡырҡ ике мең өс йөҙ алтмыш кеше иҫәпләнде. Был иҫәпкә уларҙың ете мең өс йөҙ утыҙ ете кешенән торған ир һәм ҡатын-ҡыҙ хеҙмәтселәре, ике йөҙ ир һәм ҡатын-ҡыҙ йырсы инмәй. Уларҙың ете йөҙ утыҙ алты аты, ике йөҙ ҡырҡ биш ҡасыры, дүрт йөҙ утыҙ биш дөйәһе, алты мең ете йөҙ егерме ишәге бар ине. Йәрүсәлимдәге Раббы йортона килгәс, ҡайһы бер нәҫел башлыҡтары Алла йортон нигеҙенән тергеҙеү өсөн хәйер-саҙаҡа бирҙе. Үҙҙәренең мөмкинлегенә ҡарап, улар йыйылған хазинаға төҙөлөш өсөн алтмыш бер мең драхма алтын, биш мең мина көмөш, ҡаһиндар өсөн йөҙ ҡат кейем бирҙе. Ҡаһиндар, левиҙәр, халыҡтың бер өлөшө, ҡорам йырсылары, ҡапҡа һаҡсылары, ҡорам хеҙмәтселәре үҙ ҡалаларында төйәкләнде. Исраилдың ҡалған бөтә халҡы үҙ ҡалаларында йәшәй башланы. Исраил халҡы үҙ ҡалаларында йәшәй башлағандан һуң, етенсе айҙа, бар халыҡ бер кешеләй булып Йәрүсәлимдә йыйылды. Йосадаҡ улы Йешуағ, уның ҡаһин ҡәрҙәштәре, Шеалтиил улы Зеруббавел, уның ҡәрҙәштәре бергәләп, Алла бәндәһе Муса ҡанунында яҙылғанса, тотош яндырыу ҡорбаны килтереү өсөн Исраил Аллаһына ҡорбан усағы эшләй башланы. Улар, шунда йәшәгән халыҡтарҙан ҡурҡһалар ҙа, ҡорбан усағын элекке урынына ҡорҙолар һәм иртәле-кисле унда Раббыға бағышлап ҡорбандар яндырҙылар. Ҡанунда яҙылғанса, Ҡыуыш байрамы үткәреп, көн һайын тәғәйенләнгән һанда тотош яндырыу ҡорбаны килтерҙеләр. Ошонан башлап улар көн һайын тотош яндырыу ҡорбандары, Яңы ай байрамдарында һәм Раббыға арналған бөтә байрамдарҙа ҡорбандар килтерҙеләр, теләгән һәр кем Раббыға үҙ ихтыяры менән башҡа төр саҙаҡалар биреп торҙо. Раббыға тотош яндырыу ҡорбанын етенсе айҙың тәүге көнөнән үк килтерә башланылар. Ә ул ваҡытта Раббы ҡорамына нигеҙ һалынмағайны әле. Ташсылар менән балта оҫталарының хеҙмәтенә түләү өсөн көмөш тарата башланылар, Сидон һәм Тир кешеләренә – Фарсы батшаһы Кир рөхсәте менән диңгеҙ буйлап Ливандан Яфоға кедр ағасы ташырға тейешле кешеләргә – ашар-эсер ризыҡ, зәйтүн майы бирҙеләр. Йәрүсәлимдәге Алла йортона килгәндең икенсе йылының икенсе айында Шеалтиил улы Зеруббавел, Йосадаҡ улы Йешуағ һәм уларҙың ҡәрҙәштәре – ҡаһиндар, левиҙәр, әсирлектән Йәрүсәлимгә ҡайтҡандарҙың һәммәһе эшкә тотондо. Егермеһе тулып үткән левиҙәрҙе Раббы йортон төҙөү барышына күҙәтсе итеп тәғәйенләнеләр. Йешуағ, уның улдары менән ағай-энеләре, Ҡадмиил менән уның улдары (Һодауъяһ нәҫеле), бер кешеләй булып, Алла йортон төҙөүселәрҙең эш барышын күҙәтә башланы. Хенадад нәҫелдәре уларға ярҙам итте. Улар барыһы ла левиҙәр ине. Төҙөүселәр Раббы ҡорамына нигеҙ һалғас, Исраил батшаһы Дауыт ҡалдырған күрһәтмә буйынса, ҡаһиндар, махсус кейемдәрен кейеп, борғолар ҡысҡыртып, Асаф нәҫелендәге левиҙәр, һуҡма тәрилкәләр алып, Раббыны данларға баҫты. Улар сиратлашып Раббыны данланы һәм шөкөр ҡылып: «Раббы игелекле, Исраилға тоғро мөхәббәте мәңгелек», – тип йырланы. Раббы йортона нигеҙ һалынған өсөн Раббыны данлап, бөтә халыҡ тирә-яҡты шатлыҡ ауаздарына күмде. Күптәр ҡыуанышып ҡысҡырышты, ә элекке ҡорамды күргән өлкән йәштәге ҡаһиндар, левиҙәр, нәҫел башлыҡтары яңы ҡорамдың нигеҙен күреп ҡысҡырып иланы. Халыҡ шатлыҡ оранын да, кемдәрҙеңдер һыҡтап илаған тауышын да айыра алманы. Шул тиклем ныҡ ҡысҡырыштылар – шау-шыу алыҫтарға ишетелеп торҙо. Йәһүҙә менән Бинйәмин ырыуҙарының дошмандары, һөргөндән ҡайтҡандар Исраил Аллаһы Раббының ҡорамын ҡайтанан төҙөй икән, тип ишеткәс, Зеруббавелға һәм нәҫел башлыҡтарына килеп: – Әйҙәгеҙ, Раббы ҡорамын һеҙҙең менән бергә беҙ ҙә төҙөйөк, сөнки беҙ ҙә һеҙҙең Аллаға табынабыҙ. Беҙҙе бында килтергән Ашшур батшаһы Эсар-Хаддон дәүеренән бирле һеҙҙең Аллаға ҡорбан килтерәбеҙ, – тинеләр. Зеруббавел да, Йешуағ та, Исраилдың башҡа нәҫел башлыҡтары ла уларға: – Аллабыҙҙың йортон төҙөүҙә һеҙҙең менән бер ниндәй уртаҡлығыбыҙ ҙа юҡ. Фарсы батшаһы Кирҙың бойороғо буйынса, Исраил Аллаһы Раббыға йортто беҙ үҙебеҙ генә төҙөйәсәкбеҙ, – тине. Был ерҙәрҙә йәшәүселәр Йәһүҙә халҡын ҡурҡытырға һәм төҙөлөшкә ҡамасауларға маташты. Шулай уҡ улар, исраилдарҙың ниәтенә аяҡ салыр өсөн, ришүәт биреп, батша кәңәшселәрен үҙҙәренең яғына ауҙарҙы. Был хәл Фарсы батшаһы Кир хакимлығы осоронан алып тәхеткә Дарий ултырғанға тиклем барҙы. Ахашверош батшалыҡ итә башлағас, улар Йәһүҙә менән Йәрүсәлим кешеләрен ғәйепләп хат яҙҙы. Фарсы батшаһы Артахшаста дәүерендә Бишлам, Миҫредаҫ, Тавеил һәм уларҙың әшнәләре Артахшастаға ялыу яҙҙы. Хат арами телендә яҙылғайны. Өлкә етәксеһе Рехум һәм кәтип Шимшай, Йәрүсәлим халҡын яманлап, батша Артахшастаға яҙған хатта былай тиелгәйне: Өлкә етәксеһе Рехум, кәтип Шимшай һәм уларҙың хеҙмәттәштәре – хөкөмдарҙар, күҙәтселәр, түрәләр; фарсылар, Әрәх, Бабилдан сыҡҡан кешеләр, Шушандан килгән ғеламдар, бөйөк вә данлыҡлы Оснаппар тарафынан Самария ҡалаларына һәм Евфрат йылғаһы аръяғындағы бүтән ҡалаларға алып килеп урынлаштырған башҡа халыҡтар хат яҙа. Бына Артахшаста батшаға ебәрелгән хаттың күсермәһе: Артахшаста батшаға Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкәлә йәшәгән ҡолдарыңдан. Батшаға шул мәғлүм булһын: һинең илдән күскән йәһүдтәр беҙҙең яныбыҙға, Йәрүсәлимгә, килеп был фетнәсел яман ҡаланы төҙөй башланы, әле улар диуарҙарын аяҡҡа баҫтыра, нигеҙҙәрен йүнәтә. Батшаға шул да мәғлүм булһын: әгәр ҙә мәгәр был ҡала төҙөлөп, диуарҙары аяҡҡа баҫтырыла икән, улар яһаҡ та, һалым да, юл һалымы ла түләмәйәсәк, батша ҡаҙнаһы зыян күрәсәк. Беҙ, батшаның тоғро ҡолдары, батшаның зыян күреүенә юл ҡуя алмайбыҙ, шуға күрә ошо хатты ебәрәбеҙ. Ата-бабаларыңдың яҙмаларын тикшереп ҡараһындар, шунан белерһең, был ҡала фетнәсел һәм батшаларға үә өлкәләргә ҡарата зыянлы. Борон-борондан алып улар яғынан ғауғалар булып килгәнгә күрә, был ҡала юҡ ителгән. Шунлыҡтан батшаға шуны еткерәбеҙ: әгәр ҙә мәгәр был ҡаланы төҙөү тамамланып, диуарҙары аяҡҡа баҫтырыла икән, һин Евфрат йылғаһы аръяғындағы биләмәләреңде юғалтасаҡһың. Батша былай тип яуап ҡайтарҙы: Өлкә башлығы Рехумға, кәтип Шимшайға, уларҙың Самарияла һәм Евфрат йылғаһы аръяғындағы башҡа урындарҙа йәшәгән хеҙмәттәштәренә сәләм! Беҙгә ебәргән хатығыҙ алдымда тәржемә ителеп уҡылды. Биргән әмерем буйынса яҙмаларҙы аҡтарып ҡарап, был ҡаланың әүәлдән үк батшаларға ҡаршы баш күтәргәнен, унда фетнәләр һәм болалар булып торғанын, Йәрүсәлимдә бөтә Евфрат йылғаһы аръяғын биләп торған ҡеүәтле батшалар булғанлығын, уларға яһаҡ, һалым, юл һалымы түләп торғандарын белдем. Шундай әмер бирегеҙ: был кешеләр эштәрен туҡтатһын, минән бойороҡ булмайынса, ҡала төҙөлмәһен. Берәй нәмәне күҙҙән ысҡындырып ҡуймағыҙ, бик һаҡ булығыҙ. Батшалыҡҡа зыян килтерерҙәй эштәргә ниңә юл ҡуйырға әле? Артахшаста батшаның хатының күсермәһе уҡылып бөтөр-бөтмәҫтән Рехум менән Шимшай һәм уларҙың әшнәләре шунда уҡ Йәрүсәлимгә йәһүдтәр янына ашыҡты һәм, көс ҡулланып, уларҙы эштән туҡтарға мәжбүр итте. Йәрүсәлимдә Алла йортон төҙөү эше туҡталды, ул Фарсы батшаһы Дарий хакимлығының икенсе йылына тиклем төҙөлмәй торҙо. Ул осорҙа Хаггай пәйғәмбәр менән Ғиддо улы Зәкәрьяһ пәйғәмбәр Йәһүҙәлә һәм Йәрүсәлимдә йәшәгән йәһүдтәргә уларҙың өҫтөнән булған Исраил Аллаһы исеменән пәйғәмбәрлек иттеләр. Шунда Шеалтиил улы Зеруббавел менән Йосадаҡ улы Йешуағ Йәрүсәлимдәге Алла йортон яңынан төҙөргә тотондо. Алла пәйғәмбәрҙәре лә улар менән бергә ҡалып, эште ҡеүәтләп торҙо. Шул саҡта уларға Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкә башлығы Таттенай, Шеҫар-Бозенай һәм уларҙың әшнәләре килеп: – Был йортто төҙөргә, диуарҙарҙы торғоҙорға һеҙгә кем рөхсәт бирҙе? – тине. Тағы ла улар: – Был бинаны төҙөүселәрҙең исемдәре нисек? – тип һоранылар. Әммә йәһүд аҡһаҡалдарын Алла һаҡланы: был хаҡтағы хәбәрҙе Дарийға ебәреп, унан яуап килеп етмәйенсә, уларҙың эшен туҡтатыусы булманы. Бына Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкә башлығы Таттенай, Шеҫар-Бозенай һәм уларҙың әшнәләре булған ерле түрәләр менән бергә Дарий батшаға ебәргән хаттың һүҙмә-һүҙ йөкмәткеһе. Ул хатта бына нимәләр яҙылғайны: Дарий батшаның иҫән-аман булыуын теләйбеҙ! Батшаға шул мәғлүм булһын: беҙ Йәһүҙә өлкәһенә, бөйөк Алланың йортона барҙыҡ. Ул ҙур-ҙур таштарҙан төҙөлә, диуарҙарға ҡырлы бүрәнәләр һалып ҡалдырыла; эштәре бик йылдам һәм уңышлы бара. Беҙ уларҙың аҡһаҡалдарынан: «Был йортто төҙөргә, диуарҙарҙы торғоҙорға һеҙгә кем рөхсәт итте?» – тип һораныҡ. Бынан тыш, беҙ һиңә яҙып ебәреү өсөн, уларҙың был эште башлап йөрөүселәренең исемдәрен дә белештек. Улар беҙгә ошондай һүҙҙәр менән яуап бирҙе: «Беҙ Күктәрҙең һәм Ерҙең Аллаһы ҡолдарыбыҙ. Бынан күп йылдар элек төҙөлгән йортто торғоҙабыҙ. Заманында уны Исраилдың бөйөк батшаһы төҙөп ултыртҡан булған. Әммә ата-бабаларыбыҙ Күк Аллаһын асыуландырҙы. Шул арҡала Алла уларҙы Бабил батшаһы халдей Навуходоносор ҡулына бирҙе; ул йортто емереп, халҡын Бабилға һөрҙө. Ләкин Бабил батшаһы Кир хакимлығының тәүге йылында Кир батша ошо Алла йортон ҡабаттан төҙөргә фарман бирҙе. Бынан тыш, Кир батша Бабил ҡорамынан Алла йортоноң алтын-көмөш һауыттарын да кире ҡайтарып бирҙе – уларҙы Навуходоносор Йәрүсәлим ҡорамынан Бабил ҡорамына алып киткәйне. Был һауыттарҙы Кир батша үҙе өлкә башлығы итеп тәғәйенләгән Шешбассар тигән кешегә тапшырҙы. Уға: „Был һауыттарҙы ал да Йәрүсәлимдәге ҡорамға алып барып ҡуй, Алла йорто үҙ урынында төҙөлһөн“, – тине. Шешбассар килеп, Йәрүсәлимдә Алла йортона нигеҙ һалды; шунан алып хәҙергәсә төҙөлөш дауам итә, тамамланмаған әле». Әгәр ҙә батша кәрәк тип таба икән, Бабилдағы мөһим яҙмалар һаҡланған йортта эҙләп ҡараһындар: Кир батша Йәрүсәлимдә Алла йортон ҡайтанан төҙөргә фарман сығарғанмы йәки юҡмы икәнен күрерҙәр. Һин батшаның был эшкә ҡарата ҡарарын беҙгә мәғлүм ҡылыуҙарын һорайбыҙ. Шунан һуң, Дарий батша биргән әмер буйынса, Бабилдағы хазиналар йортондағы яҙмалар һаҡлағысында эҙләй башлайҙар. Ниһайәт, Мадай өлкәһендәге Экбатана ҡәлғәһендә бер төргәк табыла. Унда былай тип яҙылған була: Хәтерҙә торһон өсөн: Хакимлығының тәүге йылында Кир батша Йәрүсәлимдәге Алла йорто тураһында ошондай фарман сығарҙы: «Шунда ҡорбан килтереү өсөн йорт төҙөлһөн, уның нигеҙен ныҡ итеп һалһындар; бейеклеге лә, киңлеге лә алтмышар терһәк булһын; ҙур таштарҙан өс рәт, ағастан бер рәт һалынһын, сығым батша ҡаҙнаһынан түләнһен. Бынан тыш Навуходоносор Йәрүсәлимдәге ҡорамдан Бабилға алып киткән алтын-көмөш һауыттар кире алып барылһын, улар Алла йортонда һәр береһе үҙ урынына ҡуйылһын». Дарий батша шундай фарман сығарҙы: Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкә башлығы Таттенай Шеҫар-Бозенай һәм уларҙың әшнәләре булған ерле түрәләр менән унан китһен. Алла йортон төҙөүҙе туҡтатмағыҙ; йәһүдтәр өлкәһе башлығы һәм йәһүдтәрҙең аҡһаҡалдары Алла йортон элекке урынында ҡайтанан төҙөһөн. Бынан тыш, Алла йортон ҡайтанан төҙөүгә йәһүдтәрҙең аҡһаҡалдарына ярҙам итергә бойорам: эш туҡталмаһын өсөн кәрәк булғанды уларға кисектермәй биреп тороғоҙ. Сығымдарҙы Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкәнән йыйылған яһаҡтан – батша ҡаҙнаһынан – түләгеҙ. Күк Аллаһына тотош яндырыу ҡорбаны килтереү өсөн башмаҡмы, һарыҡ тәкәһеме йәки һарыҡ бәрәсеме – күпме кәрәк булһа, шул тиклем бирегеҙ. Шулай уҡ бойҙай, тоҙ, шарап, зәйтүн майы бирелһен, Йәрүсәлим ҡаһиндары нисек әйтһә, шул рәүешле көн дә мотлаҡ бирелеп торһон. Улар Күк Аллаһына хуш килерлек ҡорбандар килтерһендәр һәм, батша менән уның улдарына ғүмер теләп, доға уҡыһындар. Минән тағы бер әмер булыр: әгәр ҙә мәгәр берәй кеше был фарманды боҙһа, уның өйөнөң бер ниргәһе һурып алыныр ҙа теге кеше ана шул ҡаҙыҡҡа ултыртылыр, ә йортонан емереклектәр генә тороп ҡалыр. Әгәр ҙә берәй батша йәки халыҡ был фарманды боҙорға баҙнат итһә һәм Йәрүсәлимдәге Алла йортона зыян килтерһә, уларҙы исемен шунда төйәкләндергән Алла Үҙе юҡ итһен. Мин, Дарий, бирҙем был фарманды. Ул теүәл үтәлһен. Шунан һуң Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкә башлығы Таттенай, Шеҫар-Бозенай һәм уларҙың әшнәләре Дарий батшаның бойороғон бер һүҙһеҙ үтәне. Шулай итеп, йәһүд аҡһаҡалдары йортто төҙөүен дауам итте һәм, Хаггай пәйғәмбәр менән Ғиддо улы Зәкәрьяһ пәйғәмбәрҙең вәғәздәренән рухланып, уңышҡа өлгәште. Исраил Аллаһы бойороғо, Фарсы батшалары Кир, Дарий һәм Артахшаста фармандарына күрә төҙөлөш эштәре тамам булды. Был йорт Дарий батша хакимлығының алтынсы йылында адар айының өсөнсө көнөнә төҙөлөп бөттө. Исраил халҡы, ҡаһиндар, левиҙәр һәм һөргөндән ҡайтҡан башҡа кешеләр оло шатлыҡ менән Алла йортон изгеләндереү ғәмәлен башҡарҙы. Алла йортон изгеләндергәндә йөҙ үгеҙ, ике йөҙ һарыҡ тәкәһе, дүрт йөҙ һарыҡ бәрәсе һәм Исраил ырыуҙары һаны буйынса ун ике кәзә тәкәһе килтереп, бөтә Исраилдың гонаһы өсөн ҡорбан салдылар. Унан, Муса китабында яҙылғанса, ҡаһиндарҙы һәм левиҙәрҙе төркөмдәргә бүлделәр ҙә Йәрүсәлимдә Аллаға хеҙмәт итергә ҡуйҙылар. Һөргөндән ҡайтҡандар тәүге айҙың ун дүртенсе көнөндә Ҡотҡарылыу байрамын үткәрҙе. Ҡаһиндар һәм левиҙәр таҙарындылар – улар барыһы ла, бер кеше кеүек, пак ине. Левиҙәр һөргөндән ҡайтҡан бөтә кешеләр өсөн, ҡәрҙәштәре ҡаһиндар өсөн, үҙҙәре өсөн Ҡотҡарылыу байрамы ҡорбанына тигән һарыҡ бәрәстәрен салдылар. Һөргөндән ҡайтҡан исраилдар менән, Исраилдың Аллаһы Раббыға табыныу өсөн, эргә-тирәләге халыҡтарҙың әшәкелегенән айырылған барлыҡ кешеләр ашап ултырҙы. Ете көн буйы шатлана-шатлана Сөсө икмәк байрамын билдәләнеләр, сөнки Раббы уларға ҡыуаныс бирҙе – Ашшур батшаһының илтифатын ҡаҙандырҙы һәм батша Исраил Аллаһының йортон һалыуға булышлыҡ күрһәтте. Ошо хәлдәр булып үткәндән һуң, Фарсы батшаһы Артахшаста хакимлыҡ иткән саҡта, Бабилдан Ғөзәйер исемле кеше ҡайта. Уның шәжәрәһе былай: Ғөзәйер – Сераяһ улы, Сераяһ – Ғазаръяһ, Ғазаръяһ – Хилҡияһ, Хилҡияһ – Шаллум, Шаллум – Садоҡ, Садоҡ – Ахитув, Ахитув – Амаръяһ, Амаръяһ – Ғазаръяһ, Ғазаръяһ – Мерайоҫ, Мерайоҫ – Зерахъяһ, Зерахъяһ – Ғуззи, Ғуззи – Буккий, Буккий – Авишуағ, Авишуағ – Пинхас, Пинхас – Әлғазарҙың улы. Әлғазар – баш ҡаһин Һарундың улы. Бына ошо Ғөзәйер Бабилдан ҡайтырға сыға. Ул Исраил Аллаһы Раббы тарафынан Мусаға бирелгән ҡанунды яҡшы белгән ғилем эйәһе була. Аллаһы Раббының ҡулы уның өҫтөндә булғанға күрә, батша Ғөзәйерҙең һәр теләген бойомға ашыра ине. Исраилдың бер ни тиклем халҡы, ҡаһиндар һәм левиҙәр, йырсылар, ҡапҡа һаҡсылары һәм ҡорам хеҙмәтселәре уның менән бергә Йәрүсәлимгә китә. Артахшаста батша етенсе йыл хакимлыҡ иткәндә була был. Ғөзәйер Йәрүсәлимгә Артахшаста батша хакимлығының шул уҡ етенсе йылында, йылдың бишенсе айында килеп етә. Бабилдан беренсе айҙың беренсе көнөндә сығып китеп, Аллаһының игелекле ҡулы уның өҫтөндә булғанға күрә, бишенсе айҙың беренсе көнөндә Йәрүсәлимдә була. Ғөзәйер үҙенең ғүмерен Раббы ҡанунын өйрәнеүгә һәм уны үтәүгә, Исраил халҡын уның ҡағиҙә-ҡарарҙарына өйрәтеүгә бағышлай. Раббының Исраил халҡына биргән бойороҡтарын һәм ҡағиҙәләрен өйрәтеүсегә – ғилем эйәһе ҡаһин Ғөзәйергә Артахшаста батша биргән хаттың йөкмәткеһе былай була: Батшаларҙың батшаһы Артахшастанан Күк Аллаһы ҡанунын өйрәтеүсе Ғөзәйер ҡаһинға сәләм! Мин шундай фарман бирҙем: минең батшалығымда булған Исраил халҡынан, ҡаһиндарҙан һәм левиҙәрҙән Йәрүсәлимгә ҡайтырға теләгән һәр кеше һинең менән китһен. Һин батшанан һәм уның ете кәңәшсеһе исеменән үҙ Аллаң ҡанунының Йәһүҙә менән Йәрүсәлимдә нисек үтәлеүен асыҡларға һәм Йәрүсәлимдә төйәк иткән Исраил Аллаһына батша менән уның кәңәшселәре бүләк иткән алтын-көмөштө илтергә бараһың. Һин Бабил өлкәһендә йыйылған барлыҡ алтын-көмөштө, халыҡтың һәм ҡаһиндарҙың Аллаларының Йәрүсәлимдәге йортона бүләк иткән саҙаҡаларын да алып барырһың. Шул аҡсаларға иң тәүге сиратта үгеҙҙәр, һарыҡ тәкәләре һәм бәрәстәр, икмәк саҙаҡалары һәм түкмә ҡорбандар һатып ал да Аллағыҙҙың Йәрүсәлимдәге йортоноң ҡорбан усағында килтер. Ҡалған алтын-көмөштө Аллағыҙ ихтыярына ярашлы үҙең һәм ҡәрҙәштәрең нисек ҡулай күрә, шулай тотонорһоғоҙ. Аллағыҙ йортонда ғибәҙәт ҡылыу өсөн тәғәйенләнгән һауыттарҙы Йәрүсәлимдәге Алла алдына алып барып ҡуй. Аллаңдың йорто өсөн тағы ла башҡа нәмәләр талап ителһә, шуларҙы батша хазинаһынан алырһың. Мин, Артахшаста батша, Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкәнең бөтә ҡаҙнасыларына шундай фарман бирәм: Күк Аллаһы ҡанунын өйрәтеүсе Ғөзәйер ҡаһин һеҙҙән нимә һораһа, шуны һис кисекмәҫтән бирегеҙ. Йөҙ талантҡа тиклем көмөш, йөҙ корға тиклем иген, йөҙ батҡа тиклем шарап, йөҙ батҡа тиклем зәйтүн майы һәм, күпме кәрәк, шул тиклем тоҙ бирегеҙ. Күк Аллаһы йорто өсөн был Алла тарафынан бойоролған һәр нәмә теүәл үтәлергә тейеш – батшалыҡҡа, батшаға һәм уның улдарына Уның асыуы төшмәһен! Тағы шуны белдерәм: Алла йортонда хеҙмәт иткән ҡаһиндар һәм левиҙәр, ҡорам йырсылары, ҡапҡа һаҡсылары, ҡорам хеҙмәтселәре һәм эшселәренең береһенә лә һалым да, юл һалымы ла, яһаҡ та һалынмаһын. Ә һин иһә, Ғөзәйер, Аллаң һиңә биргән аҡыл менән идара итеүселәр һәм хөкөмдарҙар ҡуй. Әйҙә улар Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкәлә йәшәгән барлыҡ халыҡҡа – Аллаңдың ҡанундарын белгәндәр халыҡҡа хөкөм ҡылһын. Ә ҡанун белмәгәндәрҙе һеҙ өйрәтегеҙ. Һинең Аллаңдың ҡанунын һәм батшаның ҡанунын үтәмәгәндәрҙең барыһы ла мотлаҡ язаға тартылһын: үлемгәме, һөргөнгәме, мал-мөлкәтенән мәхрүм итеүгәме, йә булмаһа төрмәгә ябырғамы хөкөм ителһен. Аталарыбыҙ Аллаһы Раббы мөбәрәк булһын, сөнки батшаның күңеленә Йәрүсәлимдәге Раббы йортон данлау ихтыяжын һалды; миңә батшаның һәм уның кәңәшселәренең, батшаның бөтә айбарлы түрәләренең алдында мәрхәмәтен күрһәтте. Аллам Раббының ҡулы өҫтөмдә булғанға күңелем үҫеп, мин Исраил башлыҡтарының ҡайһы берәүҙәрен, минең менән бергә ҡайтһындар тип, эргәмә йыйҙым. Артахшаста батша хакимлыҡ иткән саҡта Бабилдан минең менән ҡайтырға сыҡҡан нәҫел башлыҡтары һәм уларҙың нәҫел исемлектәре түбәндәгесә: Пинхас нәҫеленән – Гершом, Иҫамар нәҫеленән – Даниил, Дауыт нәҫеленән – Хаттуш, Шеханъяһ тармағынан. Парғош нәҫеленән – Зәкәрьяһ һәм нәҫел исемлеге буйынса уның менән бер йөҙ илле ир-егет; Пахаҫ-Моав нәҫеленән – Әлйеһоғынай Зерахъяһ улы һәм уның менән ике йөҙ ир-егет; Затту нәҫеленән – Шеханъяһ Яхазиил улы, уның менән өс йөҙ ир-егет; Ғадин нәҫеленән – Ғәвәд Йонаҫан улы, уның менән илле ир-егет; Ғелам нәҫеленән – Ғаҫалъяһ улы Йешағъяһ һәм уның менән бергә етмеш ир-егет; Шефатъяһ нәҫеленән – Зевадъяһ Михаил улы һәм уның менән һикһән ир-егет; Йоав нәҫеленән – Ғовадъяһ Йехиил улы һәм уның менән ике йөҙ һикһән ир-егет; Бани нәҫеленән – Шеломиҫ Йосифъяһ улы һәм уның менән бергә йөҙ алтмыш ир-егет; Бевай нәҫеленән – Зәкәрьяһ Бевай улы һәм уның менән бергә егерме һигеҙ ир-егет; Ғазгад нәҫеленән – Йоханан Һаҡҡатан улы һәм уның менән бергә йөҙ ҙә ун ир-егет; Адониҡам нәҫеленән – һуңыраҡ ҡайтҡандар. Бына уларҙың исемдәре: Әлифәләт, Йеғиил, Шемағъяһ һәм улар менән бергә алтмыш ир-егет. Бигуай нәҫеленән – Ғуҫай һәм Заккур менән етмеш ир-егет. Мин уларҙы Аһауаға табан аҡҡан йылға янында йыйҙым. Беҙ унда туплам ҡороп өс көн торҙоҡ. Мин, халыҡты һәм ҡаһиндарҙы күҙҙән үткәргәс, Левиҙең нәҫел-нәсәбенән бер кемде лә күрмәнем. Мин башлыҡтарҙан Әлиғәзәрҙе, Ариилды, Шемағъяһты, Әлнаҫанды, Яривты, Әлнаҫанды, Наҫанды, Зәкәрьяһты, Мешулламды, остаздарҙан Йоярив менән Әлнаҫанды саҡыртып, кеше ебәрҙем. Уларға Касифья ере башлығы Иддоға барып, Аллабыҙ йортона хеҙмәтселәр ебәрһендәр өсөн, Иддоға һәм уның ҡәрҙәштәренә – Касифья ерендәге Алла йорто хеҙмәтселәренә – нимәләр әйтергә кәрәклеген өйрәттем. Алланың игелекле ҡулы өҫтөбөҙҙә булғанға күрә, улар беҙгә Исраилдың улы Леви ырыуынан Махлиҙың нәҫел вариҫын, Шеревъяһ исемле аҡыллы кешене улдары һәм ағай-энеләре менән бергә ебәрҙе. Улар ун һигеҙ кеше ине. Быларҙан тыш Хашавъяһты, уның менән бергә Мерари нәҫеленән Йешағъяһты һәм уның ағай-энеләре һәм улдарынан егерме кешене, ҡасандыр Дауыт батша һәм уның түрәләре левиҙәргә ярҙамсы итеп тәғәйенләгән ҡорам хеҙмәтселәренән тағы ике йөҙ егерме кешене алып килделәр. Уларҙың һәммәһе лә исемләп айырым-айырым теркәлде. Аллабыҙға буйһоноуыбыҙҙы күрһәтеп, Унан үҙебеҙҙең, балаларыбыҙҙың, бөтә мөлкәтебеҙҙең юлын хәйерле итеүен һорап, Аһауа йылғаһы буйында ураҙа иғлан иттем. Юлда беҙҙе дошмандарҙан һаҡлау өсөн батшанан ғәскәр һәм һыбайлы яугирҙәр һорарға оялдым, сөнки беҙ батша менән һөйләшкәндә: «Үҙенә һыйынғандарға Аллабыҙҙың рәхмәте киң, ә Үҙен ташлағандарға асыуы яман», – тигәйнек. Беҙ, ураҙа тотоп, Алланан ана шуларҙы һораныҡ, һәм Ул беҙҙе ишетте. Мин ҡаһиндар араһында етәксе булғандарҙан ун ике кешене: Шеревъяһты, Хашавъяһты һәм уларҙың ун ағай-энеһен һайлап алдым. Батшаның, уның кәңәшселәренең, түрәләренең һәм Бабилда йәшәгән бөтә исраилдарҙың Аллабыҙ йорто өсөн саҙаҡа итеп биргән алтын-көмөшөн һәм һауыт-һабаларҙы үлсәп, уларға бирҙем. Уларҙың ҡулына алты йөҙ илле талант көмөш, йөҙ талант көмөш һауыт-һаба, йөҙ талант алтын, хаҡы бер мең драхма торған егерме алтын табаҡ, алтын менән тиң баһаланған ялтырап торған яҡшы баҡырҙан ике һауыт тапшырҙым. Мин уларға: «Һеҙ, ошо һауыт-һаба һымаҡ, Раббыға бағышланғанһығыҙ. Был алтын-көмөштәр – ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы Раббыға үҙ ихтыярығыҙ менән биргән саҙаҡа. Уяу булығыҙ, был хәйерҙе ҡаһиндарҙың етәкселәре, левиҙәр һәм Исраилдың нәҫел башлыҡтары алдында үлсәп биреп, улар уны Раббы йортондағы келәт бүлмәләренә тапшырғансы һаҡлағыҙ». Ҡаһиндар һәм левиҙәр Йәрүсәлимгә Аллабыҙ йортона алып барып тапшырыу өсөн үлсәп-иҫәпләп ҡуйылған алтын-көмөштө, һауыт-һабаларҙы ҡабул итеп алды. Беренсе айҙың ун икенсе көнөндә Аһауа йылғаһынан Йәрүсәлимгә барырға тип ҡуҙғалып киттек. Аллабыҙҙың рәхмәте юлдаш булып, беҙҙе дошмандар ҡулынан, юлда һағалап тороусыларҙан ҡотҡарҙы. Йәрүсәлимгә килеп етеп, унда өс көн булдыҡ. Дүртенсе көндә беҙ бөтә алтын-көмөштө, һауыт-һабаны Аллабыҙ йортонда Урияһ улы Меремоҫ ҡаһиндың ҡулына тапшырҙыҡ. Пинхас улы Әлғазар, левиҙәр Йешуағ улы Йозавад, Биннуй улы Ноғадъяһ уның менән ине. Бөтә нәмә һаналды, үлсәнде һәм дөйөм ауырлығы теркәп ҡуйылды. Әсирлектән ҡайтыусылар Исраил Аллаһына тотош яндырыу ҡорбаны килтерҙе: бөтә Исраил халҡы өсөн ун ике башмаҡ, туҡһан алты һарыҡ тәкәһе, етмеш ете һарыҡ бәрәсе; гонаһ ҡорбаны итеп ун ике кәзә тәкәһе Раббыға ҡорбан итеп яндырылды. Улар батшаның фармандарын батша һанаттарына һәм Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкә башлыҡтарына тапшырҙы һәм тегеләр Исраил халҡына һәм Алла йортона ярҙам күрһәтте. Ошо хәлдәрҙән һуң, халыҡ башлыҡтары, минең янға килеп, былай тине: – Исраил халҡы ла, ҡаһиндар менән левиҙәр ҙә эргә-тирәлә йәшәгән сит халыҡтарҙың – ҡәнғәни, хитти, перизи, йевуси, ғаммони, моав, мысыр, әмөриҙәрҙең – ерәнгес эштәренән айырылманы. Үҙҙәренә һәм улдарына был халыҡтарҙың ҡыҙҙарын кәләш итеп алдылар. Хәҙер изге орлоҡ сит халыҡтарҙыҡы менән буталды, етмәһә, арҙаҡлы һәм түрә булып йөрөгән кешеләр был хыянатта беренсе урында тора. Быны ишеткәс, сапаным менән күлдәгемде йыртып, сәсем менән һаҡалымды өҙгөләп, хәсрәткә батып ултырҙым. Һөргөндән ҡайтҡандарҙың был хыянаты арҡаһында Исраил Аллаһының бойороғон күңеленә ныҡ яҡын алған бөтә кеше яныма йыйылды. Мин киске ҡорбан ваҡытына тиклем хәсрәткә батып ултырҙым. Киске ҡорбан мәле еткәс, ҡайғырып ултырған урынымдан тороп, өҙгөләнеп бөткән кейемдә теҙләндем дә, ҡулдарымды Аллам Раббыма һоноп әйттем: – Йә Аллам! Һиңә, Аллам, Һиңә табан йөҙөмдө күтәрергә лә оялам, сөнки баштан аяҡ боҙоҡлоҡҡа күмелгәнбеҙ, ғәйебебеҙ күккә ашҡан. Ата-бабаларыбыҙ ғүмер һөргән замандарҙан алып ошо көнгә тиклем беҙ сикһеҙ ғәйеп эсендәбеҙ, боҙоҡлоҡтарыбыҙ өсөн беҙ, батшаларыбыҙ, ҡаһиндарыбыҙ сит ил батшалары ҡулына, ҡылыс аҫтына, әсирлеккә эләктек, таланыуға һәм кәмһетелеүгә дусар булдыҡ һәм бөгөн дә шунан ҡотола алмайбыҙ. Бына хәҙер бер аҙ ваҡытҡа Аллабыҙ Раббынан беҙгә мәрхәмәт насип булды, ҡайһы берәүҙәребеҙҙе иҫән-аман ҡалдырып, Үҙенең мөҡәддәс урынында төпләнергә мөмкинлек бирҙе, күҙҙәребеҙҙең нурын ҡайтарып, ҡоллоғобоҙҙа хәлебеҙҙе еңеләйтте. Беҙ ҡол инек, әммә Аллабыҙ беҙҙе ҡоллоҡта ла ташламаны. Беҙгә йән керһен, Аллабыҙ йортон төҙөһөн, уны емереклектәрҙән аяҡҡа баҫтырһын өсөн, Йәһүҙәлә һәм Йәрүсәлимдә беҙҙе хәүеф-хәтәрҙән һаҡлау өсөн, беҙгә Фарсы батшаларының алдында Үҙенең мәрхәмәтен күрһәтте. Йә, Алла, ошонан һуң беҙ нимә әйтә алабыҙ? Беҙ һинең бойороҡтарыңды һанға һуҡманыҡ бит. Ҡолдарың пәйғәмбәрҙәр аша беҙгә: «Һеҙ хужа булыр өсөн барған ер унда йәшәгән халыҡтарҙың ерәнгес ғәмәлдәре менән нәжесләнгән, был әшәкелек сиктән ашҡан, – тинең. – Шуның өсөн ҡыҙҙарығыҙҙы уларҙың улдарына бирмәгеҙ, уларҙың ҡыҙҙарын да улдарығыҙға алмағыҙ. Ошо ерҙә нығынайыҡ, уның байлыҡтары менән туйынайыҡ, уны балаларыбыҙға мәңгегә мираҫ итеп ҡалдырайыҡ тиһәгеҙ, бер ваҡытта ла уларға тыныслыҡ һәм файҙа килтерерҙәй бер нәмә лә эшләмәгеҙ». Беҙҙең менән булған хәлдәргә үҙебеҙҙең яман эштәребеҙ һәм оло ғәйебебеҙ сәбәп булды. Шуға ҡарамаҫтан, Һин, Аллабыҙ, беҙ лайыҡ булғанға ҡарағанда еңелерәк яза биргәнһең, халыҡтың ҡалдығын иҫән-аман һаҡланың, ә беҙ һаман да Һинең бойороҡтарыңды боҙорбоҙ, ошо ерәнгес ғәҙәтле халыҡтар менән туғанлашырбыҙмы ни? Беҙҙе юҡ итеү сигенә еткәнсе асыуланмаҫһыңмы, ә инде ул саҡта тере ҡалыусылар ҙа, ҡотолоу юлы ла булмаҫмы беҙгә? Йә Раббы, Исраил Аллаһы, Һин ғәҙелһең! Бөгөнгө көнгә тиклем беҙ бәләкәй генә төркөм теребеҙ. Бына беҙ, гонаһҡа батып, Һинең алдыңда торабыҙ, хәйер, был хәлдә Һинең алдыңда торорға ла хаҡыбыҙ юҡ беҙҙең. Ғөзәйер, Алла йорто алдында йөҙтүбән ергә ҡапланып, илай-илай гонаһтарҙы таныған, ярлыҡау һораған сағында, уның янына Исраилдың бик күп халҡы – ирҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар йыйылып китте. Улар ҙа әрнеп-әрнеп илай ине. Ғелам нәҫеленән Йехиил улы Шеханъяһ, Ғөзәйергә мөрәжәғәт итеп, былай тине: – Беҙ, Аллабыҙға хыянат итеп, эргә-тирәлә йәшәгән сит халыҡтарҙан ҡатындар алдыҡ. Шулай ҙа Исраил халҡы өсөн өмөт бар әле. Һин хакимымдың һәм Аллабыҙҙың бойороғон күңеленә ныҡ яҡын алған кешеләрҙең кәңәше буйынса беҙ, бөтә был ҡатындарҙы балалары менән бергә ҡыуып ебәрәбеҙ, тип Аллабыҙ менән килешеү төҙөйөк – әйҙә, ҡанун талап иткәнсә булһын! Әйҙә, тор, сөнки был эш өсөн һин яуаплы булырһың, беҙ ҙә һинең менән! Ныҡ бул, эшкә тотон! Ғөзәйер тороп баҫты. Ҡаһиндарҙың башлыҡтарын, левиҙәрҙе, бөтә исраилдарҙы, беҙ шулай эшләйәсәкбеҙ, тип ант итергә ҡушты. Улар ант итте. Унан Ғөзәйер, Алла йорто алдынан китеп, Әлйәшив улы Йеһоханан бүлмәһенә барҙы һәм ҡунырға ҡалды. Ул ашаманы ла, эсмәне лә, күсеп ҡайтыусыларҙың хыянатына ҡайғырып иланы. Йәһүҙә менән Йәрүсәлимгә һөргөндән ҡайтҡандарҙың һәммәһенә Йәрүсәлимдә йыйылырға, тип хәбәр ебәрелде. Кем дә кем өс көн эсендә килмәй, түрәләрҙең һәм аҡһаҡалдарҙың ҡарары буйынса уның бөтә мөлкәте тартып алына, ул үҙе һөргөндән күсеп ҡайтыусылар йәмғиәтенән ҡыуыла. Йәһүҙә менән Бинйәмин ырыуҙары халҡы өс көн эсендә Йәрүсәлимгә йыйылды. Был туғыҙынсы айҙа, айҙың егерменсе көнөндә булды. Бөтә халыҡ Алла йорто ҡаршыһындағы майҙанда йыйылды, кешеләр хәлдең етдилегенән һәм ҡаты ямғырҙан дер ҡалтырашты. Ғөзәйер ҡаһин тороп баҫты ла былай тине: – Һеҙ Раббыға хыянат иттегеҙ: сит ҡәүемдәрҙән ҡатындар алып, Исраилдың ғәйебен арттырҙығыҙ. Инде ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы Раббы алдында гонаһтарыбыҙҙы танып, Уның ихтыярын үтәгеҙ: урындағы халыҡтарҙан һәм сит ҡәүем ҡатындарынан айырылығыҙ. Бөтә йыйын көслө тауыш менән: – Һин беҙгә нимә тип әйтәһең, шулай эшләрбеҙ! – тип ҡысҡырҙы. – Әммә халыҡ бик күп, һәм әле ямғырлы ваҡыт – тышта оҙаҡ торорлоҡ түгел. Унан һуң, был бер-ике көнлөк кенә эш түгел, сөнки күптәребеҙ ғәйепле. Былай эшләйек: был эште бөтә йәмғиәт исеменән башлыҡтарыбыҙ үҙ өҫтөнә алһын. Бөтә ҡалаларыбыҙҙағы сит халыҡтарҙан ҡатын алған кешеләр тәғәйенләнгән ваҡытта ҡаланың аҡһаҡалдары һәм хөкөмдарҙары менән бында килһен. Шул саҡ Аллабыҙҙың беҙгә ярһыуы баҫылыр. Быға бары Ғасаһил улы Йонаҫан менән Тиҡуа улы Яхзеяһ ҡына ҡаршы сыҡты, ә Мешуллам менән леви Шаббеҫай уларҙың фекерен хупланы. Һөргөндән ҡайтҡандар шулай эшләргә булды. Был эште башҡарып сығыу өсөн Ғөзәйер ҡаһин нәҫел башлыҡтары араһынан кешеләр тәғәйенләне, улар исемләп әйтелде. Унынсы айҙың беренсе көнөндә улар был эште тикшерергә кереште. Улар беренсе айҙың беренсе көнөнә тиклем сит ҡәүем ҡатындарына өйләнгәндәрҙең һәммәһе тураһында ла ҡарар сығарҙылар. Сит ҡәүемдәрҙән ҡатын алған кешеләр ошолар: Ҡаһиндар нәҫеленән: Йосадаҡ улы Йешуағ һәм уның ағай-энеләренең нәҫелдәренән: Мағасеяһ, Әлиғәзәр, Ярив һәм Гедалъяһ. Улар ҡатындарын айырып ебәрергә һүҙ бирҙе һәм ғәйептәре өсөн һәр береһе һарыҡ тәкәһе ҡорбан итте. Иммер нәҫеленән: Ханани һәм Зевадъяһ; Харим нәҫеленән: Мағасеяһ, Элияһ, Шемағъяһ, Йехиил, Ғуззияһ; Пашхур нәҫеленән: Әлйоғынай, Мағасеяһ, Исмәғил, Неҫанил, Йозавад һәм Әлғаса. Левиҙәрҙән: Йозавад, Шимғи һәм Ҡылаяһ – уның икенсе исеме Ҡылита, Пеҫахъяһ, Йәһүҙә һәм Әлиғәзәр. Йырсылар араһынан: Әлйәшив. Ҡапҡа һаҡсылары араһынан: Шаллум, Тәләм һәм Ури. Башҡа исраилдарҙан түбәндәгеләр: Парғош нәҫеленән: Рамъяһ, Иззияһ, Малкияһ, Миямин, Әлғазар, Малкияһ һәм Бенаяһ; Ғелам нәҫеленән: Маттанъяһ; Зәкәрьяһ, Йехиил, Ғавди, Йәремоҫ һәм Элияһ; Затту нәҫеленән: Әлйоғынай, Әлйәшив, Маттанъяһ, Йәремоҫ, Завад һәм Ғазиза; Бевай нәҫеленән: Йеһоханан, Хананъяһ, Заббай, Ғаҫлай; Бани нәҫеленән: Мешуллам, Маллух, Ғадаяһ, Яшув, Шеал һәм Йәремоҫ. Пахаҫ-Моав нәҫеленән: Ғадна, Келал, Бенаяһ, Мағасеяһ, Маттанъяһ, Бесалил, Биннуй һәм Менашше; Харим нәҫеленән: Әлиғәзәр, Йишшияһ, Малкияһ, Шемағъяһ, Шимғон, Бинйәмин, Маллух, Шемаръяһ; Хашум нәҫеленән: Маттенай, Маттатта, Завад, Әлифәләт, Йеремай, Менашше һәм Шимғи; Бани нәҫеленән: Мағадай, Ғамрам, Уел, Бенаяһ, Бедъяһ, Келуһу, Уанеяһ, Меремоҫ, Әлйәшив, Маттанъяһ, Маттенай, Яғасай, Бани, Биннуй, Шимғи, Шәләмъяһ, Наҫан, Ғадаяһ, Махнадевай, Шашай, Шарай, Ғазарил, Шәләмъяһ, Шемаръяһ, Шаллум, Амаръяһ һәм Йософ; Нево нәҫеленән: Йеғиил, Маттиҫъяһ, Завад, Зевина, Яддай, Йоил һәм Бенаяһ. Ошоларҙың барыһы ла сит ҡәүемдәрҙән ҡатын алған һәм ҡайһы берҙәренең ҡатындары уларға бала ла тапҡайны инде. Хахалъяһ улы Нөхәмияһтың һүҙҙәре. Фарсы батшаһы Артахшаста хакимлығының егерменсе йылында, кислеү айында мин Шушан ҡалаһының ҡәлғәһендә инем. Шул ваҡытта туғандарымдың береһе Ханани менән Йәһүҙәнән бер нисә кеше килде. Мин уларҙан әсирлектән ҡотолоп иҫән ҡалған йәһүдтәрҙең хәлен белештем, Йәрүсәлим тураһында һораштым. Улар былай тине: – Әсирлектән ҡотолоп ҡайтҡандар унда, өлкәлә, үтә ауыр һәм кәмһетелгән хәлдәләр; Йәрүсәлимдең диуарҙары емерелгән, ҡапҡалары яндырылған. Был хәбәрҙе ишеткәс, ултырып иланым, әллә нисә көн хәсрәткә батып йөрөнөм, ураҙа тотоп, Күк Аллаһына доға ҡылдым. – Эй Раббым, Күк Аллаһы, Үҙеңде яратҡан һәм бойороҡтарыңды тотҡан кешеләргә рәхимеңде һалыусы һәм килешеү шарттарын һаҡлаусы бөйөк вә дәһшәтле Алла! – тинем мин. – Ҡолаҡ һал, күҙҙәреңде ас, Үҙ ҡолоңдоң доғаһын ишет! Мин хәҙер көнө-төнө ҡолдарың – Исраил халҡы өсөн Һиңә доға ҡылам, Исраил халҡының гонаһын таныйым. Һинең алдыңда гонаһлыбыҙ беҙ, гонаһлыбыҙ – мин дә, бөтә нәҫел-нәсәбебеҙ ҙә. Беҙ Һинең алдыңда енәйәт ҡылдыҡ, Һин ҡолоң Муса аша еткергән бойороҡтарың, ҡағиҙәләрең һәм ҡанундарыңды тотманыҡ. Әммә Мусаға, үҙеңдең ҡолоңа, әйткән һүҙеңде иҫеңә төшөр: «Әгәр ҙә һеҙ Миңә тоғро булмаһағыҙ, Мин һеҙҙе төрлө халыҡтар араһына сәсермен; ә инде Миңә кире ҡайтып, бойороҡтарымды еренә еткереп үтәһәгеҙ, күктең арғы яғына ҡыуылған булһағыҙ ҙа, унан йыйып алып, исемем төйәк итһен өсөн Үҙем һайлаған урынға алып килермен», – тигәйнең. Улар бит Һинең ҡолдарың, Һинең халҡың. Уларҙы Һин Үҙеңдең сикһеҙ көсөң үә ҡеүәтле ҡулың менән йолоп алып ҡалдың. Эй бөйөк Хакимым, ялбарамын, Һинең исемеңде сикһеҙ ололауҙан ҡыуаныс тапҡан ҡолоңдоң доғаһын, барлыҡ ҡолдарыңдың доғаһын ишетә генә күрһәң ине. Бына хәҙер Үҙ ҡолоңа ярҙам итһәнә, батшаның мәрхәмәтенә юлыҡтырһана Раббым. Мин ул ваҡыт батшаның шарап ҡойоусыһы инем. Артахшаста батша хакимлығының егерменсе йылында, нисан айында булды был хәл. Батшаға шарап алып килделәр. Мин уны батшаға бирҙем. Быға тиклем минең бер ваҡытта ла уға бойоҡ сырай менән күренгәнем юҡ ине. Батша миңә: – Йөҙөң ниңә ҡайғылы күренә? Ауырығанға оҡшамағанһың. Сир-сырхауың булмаһа, ҡайғың йөрәгеңдәлер ахыры, – тине. Мин ҡурҡып киттем дә батшаға: – Батша мәңге йәшәһен! Йөҙөм ниңә ҡайғылы булмаһын инде минең? Ата-бабаларым ерләнгән ҡала ташландыҡ хәлдә ята, ҡала ҡапҡалары яндырылған! – тинем. Батша: – Һин минән нимә теләйһең һуң? – тип һораны. Мин, Күк Аллаһына доға ҡылып, батшаға: – Батшам күңеленә хуш килеп, мин ҡолоңдо үҙеңдең илтифатыңа лайыҡ итһәң, мине Йәһүҙәгә, ата-бабаларымдың ҡәберҙәре ятҡан ҡалаға ебәрһәң ине. Мин уны төҙөкләндерер инем, – тип яуап ҡайтарҙым. Батшабикә лә батша янында ултыра ине. Батша минән: – Сәфәрең күпмегә һуҙылыр? Ҡасан әйләнеп ҡайтырһың? – тип һораны. Ваҡытын әйткәс, батша миңә китергә рөхсәт бирҙе. Шунан: – Батшам күңеленә хуш килеп, Йәһүҙәгә мине имен-аман үткәреп ебәрһендәр өсөн батшалығыңдың Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкә башлыҡтарына бер хат бирһәң ине. Тағы батша урмандары өсөн яуаплы кеше Асафҡа хат яҙҙырып, Алла йорто эргәһендәге ҡәлғә ҡапҡалары, ҡала диуары һәм үҙемә йәшәп торорлоҡ йорт һалыу өсөн өрлөклөк ағас бирергә бойорһаң ине, – тип һораным. Батша һораған нәмәләрҙең барыһын да бирҙе, сөнки Алламдың игелекле ҡулы минең өҫтөмдә ине. Мин Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкә башлыҡтарына барып, батшаның хаттарын бирҙем. Батша миңә эйәртеп ғәскәр баштарын һәм һыбайлы яугирҙәр ҙә ебәргәйне. Хорон кешеһе Санбаллат менән ғаммондар түрәһе Товияһ, Исраил халҡы мәнфәғәтен ҡайғыртып йөрөгән кеше килгәнен ишеткәс, йәндәре көйҙө. Шунан һуң мин Йәрүсәлимгә килдем. Унда өс көн торғандан һуң, эргәмдәге бер нисә кеше менән төндә юлға сыҡтым. Йәрүсәлим өсөн нимә эшләргә кәрәклеге тураһында Алламдың йөрәгемә һалған фекерҙәрен бер кемгә лә әйтмәнем. Мин менгән ишәктән башҡа үҙебеҙ менән бер ниндәй ҙә мал алманыҡ. Төндә мин Үҙән ҡапҡаһы аша Аждаһа шишмәһе эргәһенән Тиреҫ ҡапҡаһы янына килдем. Йәрүсәлимдең емерек диуарҙарын, уның яндырылған ҡапҡаларын ҡарап сыҡтым. Шунан Шишмә ҡапҡаһына һәм Батша быуаһына килдем. Әммә унда һыбай сығырлыҡ урын булмағанлыҡтан, үҙәндән китеп, күтәрелдем дә төн ҡараңғылығында диуарҙарҙы ҡарап йөрөнөм һәм Үҙән ҡапҡаһы аша кире ҡалаға әйләнеп ҡайттым. Бындағы түрәләр минең ҡайҙа барғанымды ла, ни эшләгәнемде лә белмәне: йәһүдтәргә лә, ҡаһиндарға ла, дәрәжәле кешеләргә лә, түрәләргә лә, был эште башҡарырға тейешле кешеләргә лә бер ауыҙ һүҙ ҙә әйтмәгәйнем. Ниһайәт, мин уларға: – Ниндәй бөлгөнлөктә йәшәгәнебеҙҙе күрәһегеҙҙер, – тинем. – Йәрүсәлим емерелгән, ҡапҡалары яндырылған. Әйҙәгеҙ, Йәрүсәлимдең диуарҙарын төҙөйөк тә башҡа былай хурланып йәшәмәйек. Шунда мин Алланың игелекле ҡулы өҫтөмдә булғанын, шулай уҡ батшаның миңә әйткән һүҙҙәрен һөйләнем. Улар миңә: – Әйҙәгеҙ, төҙөйөк, – тинеләр ҙә был изге эшкә тотонорға ныҡлы ҡарар ҡылдылар. Быны ишеткәс, Хорон кешеһе Санбаллат, ғаммондар түрәһе Товияһ һәм ғәрәп Гешем беҙҙән мыҫҡыллы көлөп: – Нимә эшләргә уйлайһығыҙ? Әллә батшаға ҡаршы баш күтәрергә йөрөйһөгөҙмө? – тинеләр. Уларға яуап итеп, мин: – Күк Аллаһы Үҙе беҙгә уңыш ҡаҙандырасаҡ. Ә беҙ, уның ҡолдары, һис шикһеҙ, төҙөлөшкә тотонасаҡбыҙ. Һеҙҙең иһә Йәрүсәлимдә өлөшөгөҙ ҙә, хаҡығыҙ ҙа юҡ, бында исемегеҙ ҙә иҫкә алынмаясаҡ, – тинем. Бына шунан һуң баш ҡаһин Әлйәшив менән башҡа ҡаһиндар эшкә тотоноп Һарыҡ ҡапҡаһын төҙөнөләр. Уны изгеләндереп, ҡапҡаһын элделәр. Улар Меа манараһына һәм Хананил манараһына тиклем булған диуарҙы изгеләндерҙеләр. Улар янындағы диуарҙы Йерихо кешеләре төҙөй ине, артабан Имри улы Заккур эшләне. Балыҡ ҡапҡаһын Сенаа нәҫеле төҙөнө: ҡапҡаның өрлөктәрен һалып, ҡапҡаһын яһап, йоҙаҡ һәм арҡыры бик эшләп ҡуйҙылар. Уларҙан ары диуарҙы Һаҡҡостан тыуған Урияһ улы Меремоҫ йүнәтте; улар янында Мешезавилдан тыуған Бәрәхъяһ улы Мешуллам эшләне; арыраҡ Бағана улы Садоҡ эшләне. Уларҙан һуң Теҡоға кешеләре йүнәтте. Әйткәндәй, уларҙың арҙаҡлы кешеләре Раббы Хакимдары өсөн ҡыл да ҡыбырҙатманы. Иҫке ҡапҡаны Пасеах улы Йоядағ менән Бесодъяһ улы Мешуллам йүнәтте: улар ҡапҡаның өрлөгөн һалып, ҡапҡаһын яһап, йоҙаҡ һәм арҡыры бик эшләп ҡуйҙы. Улар эргәһендә Ғивғон кешеһе Мелатъяһ менән Мероноҫ кешеһе Ядон һәм Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкә башлығына буйһонған Ғивғон һәм Миспа халҡы эшләне. Уларҙан ары Харһаяһ улы көмөшсө Ғуззиил, уның янында хушбуй оҫтаһы Хананъяһ эшләне. Улар Йәрүсәлим диуарҙарын Киң диуарға тиклем аяҡҡа баҫтырҙы. Уларҙың эргәһендә Йәрүсәлимдең яртыһына идара иткән Хур улы Рефаяһ эшләне. Харумаф улы Йедаяһ иһә уның янында үҙ йорто ҡаршыһында эшләне. Уның менән йәнәш Хашавнеяһ улы Хаттуш төҙәтеү эштәрен башҡарҙы. Артабанғы өлөштө аяҡҡа баҫтырыу эшен Харим улы Малкияһ менән Пахаҫ-Моав улы Хашшув алып барҙы. Улар Мейестәр манараһын да төҙәтеп ҡуйҙы. Уларҙан арыраҡ Йәрүсәлимдең икенсе яртыһына идара иткән Һаллохеш улы Шаллум үҙенең ҡыҙҙары менән эшләне. Үҙән ҡапҡаһын Заноах кешеләре менән Ханун төҙәтте: улар ҡапҡаны төҙөп, ишектәрен ҡуйып, йоҙаҡ менән арҡыры бик эшләп ҡуйҙы, өҫтәүенә Тиреҫ ҡапҡаһына тиклем мең терһәк оҙонлоғонда диуарҙы ла йүнәтте. Тиреҫ ҡапҡаһын Бейт-Һаккәрәм биҫтәһе башлығы Рехав улы Малкияһ йүнәтте: уны төҙөп, ишектәрен, йоҙаҡтарын һәм биктәрен ҡуйҙы. Шишмә ҡапҡаһын Миспа биҫтәһе башлығы Кол-Хозе улы Шаллун йүнәтте: эш тамамланғас, ҡапҡаның башын ябып, ишек һәм йоҙаҡ-биктәрен ҡуйҙы. Ул шулай уҡ Батша баҡсаһы ҡаршыһындағы Шелах быуаһы буйындағы диуарҙы Дауыт ҡалаһынан төшә торған баҫҡысҡа тиклем төҙәтте. Артабан Дауыт ғаиләһенең төрбәләре ҡаршыһына, ҡаҙылған быуаға һәм Батырҙар йортона тиклемге урынды Бейт-Сур биҫтәһенең яртыһы менән идара иткән Ғазбук улы Нөхәмияһ төҙәтте. Унан ары Бани улы Рехум етәкселеге аҫтында левиҙәр төҙәтте. Рехум янында Ҡығила биҫтәһенең яртыһына идара иткән Хашавъяһ үҙ төбәгенең вәкиле булараҡ эшләне. Уларҙың эргәһендә Ҡығила биҫтәһенең икенсе яртыһына идара иткән Хенадад улы Биннуй етәкселегендә уның ағай-энеләре эшләне. Артабан ҡорал һаҡлағысҡа күтәрелгән юл ҡаршыһында, мөйөшкә тиклем, Миспа биҫтәһенең башлығы Йешуағ улы Ғезәр эшләне. Унан арыраҡ – мөйөштән алып баш ҡаһин Әлйәшив йортоноң ишегенә тиклем Заббай улы Барух тырышлыҡ һалды. Унан ары Әлйәшив йорто ишегенән алып шул йорт бөткән ергә тиклем Һаҡҡос улы Урияһтан тыуған Меремоҫ төҙәтте. Уның эргәһендә әйләнә-тирәлә йәшәгән ҡаһиндар эшләне. Улар артынан үҙ өйҙәренең ҡаршыһында Бинйәмин менән Хашшув эшләне; артабан үҙ йорто янындағы урынды Ғананияһ улы Мағасеяһтан тыуған Ғазаръяһ төҙәтте. Хенадад улы Биннуй Ғазаръяһ йортонан алып мөйөшкә, боролған ергә тиклемге урынды төҙөкләндерҙе. Узай улы Палал мөйөш менән Өҫкө батша һарайынан алғараҡ сығып торған, һаҡсылар ихатаһына йәнәш урынлашҡан манара ҡаршыһында эшләне. Уның артынан Парғош улы Педаяһ менән Ғофел ҡалҡыулығында йәшәгән ҡорам хеҙмәтселәре көнсығышҡа табан Һыу ҡапҡаһы ҡаршыһын һәм алғараҡ сығып торған манараға тиклем тергеҙҙе. Унан да арыраҡ – алғараҡ сығып торған ҙур манара ҡаршыһынан Ғофел диуарына тиклем Теҡоға кешеләре эшләне. Диуарҙың Ат ҡапҡаһынан арыраҡ өлөшөн ҡаһиндар йүнәтте, уларҙың һәр береһе үҙ йортоноң ҡаршыһында эшләне. Ҡаһиндарҙан һуң Иммер улы Садоҡ үҙ йортоноң ҡаршыһындағы диуарҙы төҙәтте. Уның артынан Көнсығыш ҡапҡаһы ҡарауылсыһы Шеханъяһ улы Шемағъяһ эшләне. Унан арыраҡ диуарҙы Шәләмъяһ улы Хананъяһ менән Салафтың алтынсы улы Ханун төҙәтте. Уларҙың йәнәшәһендә Бәрәхъяһ улы Мешуллам үҙ торлағына ҡаршы урынды рәткә килтереп ҡуйҙы. Диуарҙың артабанғы өлөшөн – Алла йорто хеҙмәтселәре һәм сауҙагәрҙәр бинаһына (ул бина Тикшереү ҡапҡаһы ҡаршыһында) һәм өҫкө бүлмәһе булған диуар мөйөшөнә тиклем – көмөшсө Малкияһ төҙөкләндерҙе. Ә мөйөштәге юғары бүлмәнән башлап Һарыҡ ҡапҡаһына тиклемге урынды көмөшсөләр менән сауҙагәрҙәр йүнәтте. Диуарҙы төҙөүебеҙҙе ишеткәс, Санбаллаттың бик ныҡ асыуы килде, йәне көйөп, йәһүдтәрҙе мыҫҡыл итте. Үҙенең ағай-энеләре менән Самарияның ғәскәре алдында: – Ни эшләйҙәр был меҫкен йәһүдтәр? Диуарҙы тулыһынса аяҡҡа баҫтырмаҡсылармы? Ҡорбандарын килтерә башларҙармы? Бер көн эсендә тамамламаҡсылармы? Тупраҡ өйөмө араһындағы янып ҡарайған таштарға йән индерерҙәрме? – тине. Ә уның эргәһендә торған Ғаммон кешеһе Товияһ: – Төҙөһөндәр, әйҙә, таш диуарҙары төлкө һикереп менһә лә емерелеп төшөргә тора, – тине. Мин шунда Раббыға доға ҡылдым: – Эй Аллабыҙ, ишетһәңсе, беҙҙе ни тиклем түбәнһетәләр. Уларҙың мәсхәрәләрен үҙ баштарына төшөр ҙә сит ерҙәрҙә әсирлек хурлығына дусар итһәнә! Уларҙың ғәйебен ғәфү итмә, гонаһтарын иҫеңдән сығарма – төҙөүселәрҙе ҡайһылай мәсхәрә итте улар! Әммә беҙ диуар төҙөүҙе дауам иттек һәм ул яртыһына тиклем күтәрелде. Халыҡ күтәренке күңел менән эшләне. Санбаллат менән Товияһтың һәм ғәрәп, Ғаммон, Ашдод кешеләренең Йәрүсәлим диуарының аяҡҡа баҫтырылыуын, емерек урындарының бөтәштерелеүен ишеткәс, һарыуҙары ҡайнаны. Бергәләшеп Йәрүсәлимгә һуғыш менән барырға һәм унда бола ойошторорға мәкер ҡорҙолар. Беҙ Аллабыҙға доға ҡылдыҡ һәм уларҙан һаҡланыу өсөн көндөҙ ҙә, төндә лә ҡарауыл ҡуйҙыҡ. Ул арала Йәһүҙә халҡы: – Ҡый түгеүселәрҙең хәле бөттө, ә сүп-сарҙың иге-сиге юҡ. Шуға күрә был диуарҙы төҙөп бөтә алмабыҙ, – тип зарланды. Ә дошмандарыбыҙ үҙ-ара: – Ҡапыл урталарына бәреп инһәк, улар беҙҙе күреп тә, белеп тә өлгөрмәҫтәр, үлтереп бөтөрәбеҙ ҙә эштәрен туҡтатабыҙ, – тип һөйләштеләр. Улар янында йәшәгән йәһүдтәр килеп: «Беҙҙең янға килегеҙ, юҡһа һеҙгә һөжүм итергә уйлайҙар», – тип әллә нисәмә тапҡыр киҫәткәс, мин диуарҙың иң тәпәш урындарының артына, асыҡ урынға ҡылыс-һөңгөләр, уҡ-һаҙаҡтар менән ҡоралландырып, һәр ғаилә кешеләренән һаҡ ҡуйҙым. Бөтәһен дә ҡарап сыҡҡандан һуң, тороп, дәрәжәле кешеләргә, башлыҡтарға, ҡалған халыҡҡа: – Ҡурҡмағыҙ уларҙан, бөйөк үә дәһшәтле Хакимыбыҙ Раббыны хәтерегеҙҙә тотоғоҙ! Ағай-энеләрегеҙ, улдарығыҙ һәм ҡыҙҙарығыҙ, ҡатындарығыҙ һәм йорттарығыҙ өсөн көрәшәһегеҙ, – тинем. Дошмандар беҙгә ҡаршы ҡорған ниәттәренең мәғлүм булғанын һәм Алла уларҙың мәкерле уйын боҙғанын аңлағас, барыбыҙ ҙа диуарға кире килеп, һәр беребеҙ үҙ эшенә тотондо. Һәр төҙөүсенең билендә ҡылыс булды, улар ошо хәлдә эшләне. Борғосо минең эргәмдә торҙо. Дәрәжәле кешеләргә, башлыҡтарға һәм ҡалған халыҡҡа мин әйтеп ҡуйҙым: – Эш күп һәм киң майҙанға һуҙылған, ә беҙ бөтә диуар буйынса таралып, бер-беребеҙҙән айырылғанбыҙ. Шуға күрә, борғо тауышын ишетеү менән, беҙҙең эргәгә йыйылығыҙ. Аллабыҙ беҙҙең өсөн һуғышасаҡ. Беҙ шулай эшләнек; халыҡтың яртыһы таң һарыһынан йондоҙҙар ҡалҡҡансы ҡулында һөңгө тотто. Бынан тыш мин халыҡҡа: – Һәр кем үҙ кешеләре менән төнгөлөккә Йәрүсәлимдә ҡалһын, – тинем. – Улар төнөн һаҡта, ә көндөҙ эштә булһын. Үҙем дә, ағай-энеләрем дә, хеҙмәтселәрем менән мине оҙатып йөрөгән һаҡсыларым да – һис беребеҙ өҫтөбөҙҙәге кейемебеҙҙе сисмәнек. Һыу ташығанда ла ҡулыбыҙҙа ҡорал ине. Бер мәлде ҡайһы бер ирҙәр менән уларҙың ҡатындары үҙҙәренең йәһүд ҡәрҙәштәренән зарланып тауыш ҡуптарҙы. Ҡайһы берәүҙәр: – Беҙ күмәкбеҙ, ҡыҙҙарыбыҙ менән улдарыбыҙ ҙа күп. Тереклек итер өсөн ашарға бойҙай кәрәк, – тине. Ҡайһы берәүҙәре иһә: – Аслыҡ ваҡытында ашлығыбыҙ булһын тип баҫыуҙарыбыҙҙы, йөҙөм баҡсаларын, йорттарыбыҙҙы аманат итеп бирергә мәжбүрбеҙ, – тине. Ҡайһы берәүҙәре: – Батшаға яһаҡ түләр өсөн беҙ баҫыуҙарыбыҙҙы, йөҙөм баҡсаларын аманат итеп биреп, бурысҡа аҡса алабыҙ. Башҡа йәһүд туғандарыбыҙ ниндәй ҡамырҙан яһалһа, беҙ ҙә шул уҡ ҡамырҙан әүәләнгәнбеҙ; беҙҙең балаларыбыҙ ҙа уларҙың балалары кеүек. Ә бына беҙ үҙ улдарыбыҙ менән ҡыҙҙарыбыҙҙы ҡоллоҡҡа бирергә тейешбеҙ, ҡыҙҙарыбыҙҙың ҡайһылары ҡоллоҡҡа төштө лә инде. Ә беҙ бер нәмә лә эшләй алмайбыҙ, баҫыуҙарыбыҙ ҙа, йөҙөм баҡсаларыбыҙ ҙа башҡалар ҡулында, – тинеләр. Уларҙың ошондай һүҙҙәрен, зарланыуын ишеткәс, мин бик асыуландым. Бер аҙ уйлағандан һуң, дәрәжәле кешеләрҙе һәм башлыҡтарҙы ҡаты шелтәләп, әйттем: – Һеҙ үҙ ағай-энеләрегеҙҙән артығын алаһығыҙ, – тинем. Улар арҡаһында мин ҙур йыйын йыйҙым да былай тинем: – Беҙ үҙебеҙҙең сит халыҡтарға һатылған туғандарыбыҙ йәһүдтәрҙе бар хәлебеҙсә йолоп алдыҡ. Ә һеҙ үҙегеҙҙең туғандарығыҙҙы һатаһығыҙмы ни инде? Инде уларҙы яңынан һатып алайыҡмы? Улар яуап таба алмайынса өндәшмәй ҡалды. – Бик насар эшләйһегеҙ, – тинем мин уларға. – Дошмандарығыҙ булған сит халыҡтар алдында хурлыҡҡа төшмәҫ өсөн Аллабыҙҙан ҡурҡып ҡына йөрөргә тейеш түгелһегеҙме ни һеҙ? Мин дә, ағай-энеләрем менән хеҙмәтселәрем дә уларға бурысҡа көмөш һәм иген бирәбеҙ. Әммә, әйҙәгеҙ, бурыстарын кире ҡайтарғанда артығын алыуҙан туҡтайыҡ. Уларҙың баҫыуҙарын, йөҙөм һәм зәйтүн баҡсаларын, йорттарын, бурысҡа биреп торған аҡса, икмәк, шарап һәм зәйтүн майы өсөн тейешле рибаны уларға хәҙер үк кире ҡайтарығыҙ. – Ярай, ҡайтарырбыҙ, уларҙан бер ни ҙә һорамаҫбыҙ, һин ни әйтһәң, шуны эшләрбеҙ, – тинеләр. Мин ҡаһиндарҙы саҡырып алдым да, шулай эшләйәсәкбеҙ, тип ант итергә ҡуштым. Өҫтөмдәге кейемемде һелктем дә әйттем: – Һүҙендә тормаған һәр кешене Алла уның үҙ йортонан, бөтә хужалығынан бына ошолай һелкеп ташлаһын! Әйҙә ул кеше һелкеп ырғытылып буш ҡалһын! Йыйылған бөтә кеше «амин» тип торҙо, Аллаға маҡтау яуҙырҙы. Халыҡ биргән вәғәҙәһен үтәне. Тағы бер нәмә: мин Йәһүҙә ерендә өлкә башлығы итеп билдәләнгән көнөмдән башлап – Артахшаста батша хакимлыҡ итә башлағандың егерменсе йылынан алып утыҙ икенсе йылына тиклем – ун ике йыл буйына мин үҙем һәм туғандарым өсөн тейешле булған аҙыҡты алманым. Ә миңә тиклемге булған өлкә башлыҡтары, халыҡҡа ауырлыҡтарын һалып, уларҙан ҡырҡ шекел көмөшкә өҫтәп аҙыҡ-түлеген дә, шарабын да алған, хатта уларҙың хеҙмәтселәре лә халыҡты иҙгән. Мин улай эшләмәнем, Алланан ҡурҡтым. Бының урынына мин бөтөн көсөмдө диуарҙы төҙөү эшенә һалдым. Баҫыуҙар һатып алманыҡ, бөтә хеҙмәтселәрем дә диуарға эшкә йөрөнө. Тирә-яҡ халыҡтарҙан килгәндәрҙе иҫәпкә алмағанда ла минең өҫтәлем артында йәһүдтәр һәм башлыҡтарҙан йөҙ иллешәр кеше ашай ине. Бер көнгә бына ни тиклем аҙыҡ әҙерләнә торғайны: бер үгеҙ, һайлап алынған алты һарыҡ һәм ҡош-ҡорт бешерелә, ун көнгә бер тапҡыр һәр төрлө бик күп шарап килтерелә ине. Шуға ҡарамаҫтан, мин өлкә башлығына тейешле аҙыҡ-түлекте талап итмәнем, халыҡтың йөгө былай ҙа ауыр ине. Йә Аллам, был халыҡ өсөн эшләгәндәремә күрә мине яҡшылыҡ менән иҫкә алһаң ине! Санбаллатҡа, Товияһҡа, ғәрәп Гешемға һәм башҡа дошмандарыбыҙға минең диуарҙы төҙөп бөтөрөүем һәм унда емерек урындарҙың ҡалмауы хаҡында хәбәр барып ишетелгәс, әйткәндәй, мин ул ваҡытта ҡапҡаларҙы ҡуймаған да инем әле – Санбаллат менән Гешем миңә: «Кил, Оно тигеҙлегендәге ауылдарҙың береһендә осрашайыҡ», – тип хәбәр ебәрҙе. Улар миңә яуызлыҡ ҡылырға уйлай ине. Мин дә уларға хәбәрселәр аша: «Мин мөһим эш менән мәшғүлмен, шуға күрә бара алмайым. Һеҙгә китһәм, эш туҡтап ҡала бит!» – тип яуап ҡайтарҙым. Улар мине дүрт тапҡыр саҡырҙы, дүртеһендә лә бер үк төрлө яуап бирҙем. Бишенсе мәртәбәһенә Санбаллат миңә хеҙмәтсеһен ебәрҙе – ҡулында мөһөр һуғылмаған хат ине. Хатта былай тип яҙылғайны: «Халыҡтар араһында шундай һүҙ йөрөй, Гешем дә әйтә, имеш, йәһүдтәр менән һин фетнә күтәрергә йөрөйһөң, диуарҙы ла шуға төҙөйһөң икән. Үҙең уларҙың батшаһы булып ултырырға теләйһең, Йәрүсәлимдә һинең хаҡта: „Йәһүҙәлә батша бар!“ – тип хәбәр таратһындар өсөн пәйғәмбәрҙәр ҡуйғанһың икән, тиҙәр. Был хәбәр батшаға ла ишетелер. Кил, бергәләшеп кәңәш-төңәш итәйек». Әммә мин: «Әйткәндәреңдең береһе лә дөрөҫ түгел, һин уны үҙең уйлап сығарғанһың», – тигән яуап ебәрҙем. Улар бөтәһе лә беҙҙе ҡурҡытырға теләй ине, күңелдәре төшөр ҙә эштәре барып сыҡмаҫ, тип уйланылар. Әммә мин тағы ла тырышыбыраҡ эшкә тотондом. Бер көндө мин Меһетавилдан тыуған Делаяһтың улы Шемағъяһҡа килдем. Ул үҙенең өйөндә бикләнеп ултыра икән. Шемағъяһ миңә: – Әйҙә, Алла йортона барайыҡ, ҡорам эсенә инеп, уның ишектәрен эстән бикләйек. Сөнки һине үлтерергә киләсәктәр, бөгөн төндә киләсәк улар, – тине. – Минең һымаҡ кеше ҡасамы һуң? – тинем мин уға. – Ҡорам эсенә инеп тере ҡалырға мин ул тиклем кем? Юҡ, бармайым. Мин уны Алла ебәрмәгәнен һәм уның миңә ҡаршы Товияһ менән Санбаллат яллағанға күрә пәйғәмбәрлек иткәнен асыҡ аңланым. Уларҙың маҡсаты ҡурҡытып, ул әйткәнде эшләтеп, мине гонаһҡа батырыу ине. Шунда абруйым төшөп, уларға мәсхәрә булып ҡалыр инем. Йә Аллам, Товияһ менән Санбаллаттың ошондай эшен, мине ҡурҡытырға уйлаған Ноғадъяһ исемле пәйғәмбәр ҡатын менән башҡа пәйғәмбәрҙәрҙе хәтереңдә тотһаңсы! Элул айының егерме бишенсе көнөндә, илле ике көн эсендә, диуар төҙөү тамамланды. Бөтә дошмандарыбыҙ, тирә-яғыбыҙҙағы һәммә халыҡтар быны ишетеп ҡурҡтылар һәм уларҙың үҙ-үҙҙәренә ышаныстары бөттө, сөнки был эште Аллабыҙ ярҙамы менән башҡарып сыҡҡаныбыҙҙы аңланылар. Ул көндәрҙә Йәһүҙәнең дәрәжәле кешеләре Товияһҡа йыш ҡына хат яҙып торҙо, Товияһ уларға үҙе лә яҙҙы. Эш шунда: Йәһүҙәнең байтаҡ кешеләре уның менән ант беркеткән ине. Сөнки ул Арах улы Шеханъяһтың кейәүе ине, ә Йеһоханан исемле улы Бәрәхъяһ улы Мешулламдың ҡыҙына өйләнгәйне. Хатта уның игелекле эштәрен минең алда ла маҡтап һөйләй торғайнылар, ә минең һүҙҙәремде уға еткереп торҙолар. Товияһ иһә мине ҡурҡытмаҡҡа хаттар яҙа ине. Диуар төҙөлөп бөтөп, ҡапҡаларҙы ҡуйғандан һуң, ҡапҡа һаҡсылары, йырсылар һәм левиҙәр тәғәйенләнде. Йәрүсәлим менән идара итергә туғаным Ханани менән Йәрүсәлим ҡәлғәһе башлығы Хананъяһты ҡуйҙым. Сөнки Хананъяһ күптәргә ҡарағанда тоғро һәм Алланан ҡурҡҡан кеше ине. Мин уларға: – Йәрүсәлим ҡапҡаларын ҡояш ҡыҙҙыра башламайынса асмағыҙ. Ҡапҡа һаҡсылары ҡарауылда торған саҡтарында ҡапҡаларҙы ябып бикләһендәр. Һаҡсылар итеп Йәрүсәлимдә йәшәгән кешеләрҙе ҡуйығыҙ, ҡайһы берәүҙәре билдәләнгән урында, икенселәр үҙ йорттары ҡаршыһында торһон, – тинем. Йәрүсәлим иркен һәм ҙур ҡала, әммә кешеләре аҙ ине. Йорттарҙың күбеһе аяҡҡа баҫтырылмағайны әле. Аллам күңелемә дәрәжәле кешеләрҙе, түрәләрҙе һәм бөтә ябай халыҡты туплап, нәҫелдәр буйынса иҫәп алыу ихтыярын һалды. Мин әсирлектән иң тәүҙә ҡайтҡан кешеләрҙең нәҫел исемлеген табып алдым. Унда былай тип яҙылғайны: Бына өлкәнең Бабил батшаһы Навуходоносор Бабилға алып киткән һәм әле һөргөн әсирлегенән Йәрүсәлимгә һәм Йәһүҙәгә, һәр береһе үҙ ҡалаһына әйләнеп ҡайтҡан кешеләре. Уларҙы Зеруббавел, Йешуағ, Нөхәмияһ, Ғазаръяһ, Рағамъяһ, Нахамани, Мордехай, Билшан, Миспәрәҫ, Бигуай, Нехум һәм Бағана алып килде. Бына ул исраилдарҙың исемлеге: Парғош нәҫеленән – ике мең йөҙ етмеш ике кеше; Шефатъяһ нәҫеленән – өс йөҙ етмеш ике кеше; Арах нәҫеленән – алты йөҙ илле ике кеше; Пахаҫ-Моав нәҫеленән Йешуағ менән Йоав тармағы – ике мең һигеҙ йөҙ ун һигеҙ кеше; Ғелам нәҫеленән – бер мең ике йөҙ илле дүрт кеше; Затту нәҫеленән – һигеҙ йөҙ ҡырҡ биш кеше; Заккай нәҫеленән – ете йөҙ алтмыш кеше; Биннуй нәҫеленән – алты йөҙ ҡырҡ һигеҙ кеше; Бевай нәҫеленән – алты йөҙ егерме һигеҙ кеше; Ғазгад нәҫеленән – ике мең өс йөҙ егерме ике кеше; Адониҡам нәҫеленән – алты йөҙ алтмыш ете кеше; Бигуай нәҫеленән – ике мең алтмыш ете кеше; Ғадин нәҫеленән – алты йөҙ илле биш кеше; Атер нәҫеле Хизкияһ тармағынан – туҡһан һигеҙ кеше; Хашум нәҫеленән – өс йөҙ егерме һигеҙ кеше; Бесай нәҫеленән – өс йөҙ егерме дүрт кеше; Хариф нәҫеленән – бер йөҙ ун ике кеше; сығышы менән Ғивғондан булғандар нәҫеленән – туҡһан биш кеше. Сығышы менән Бейт-Ләхәм һәм Нетофанан булғандар нәҫеленән – бер йөҙ һикһән һигеҙ кеше; сығышы менән Ғанаҫоҫтан булғандар нәҫеленән – бер йөҙ егерме һигеҙ кеше; сығышы менән Бейт-Ғазмауыҫтан булғандар нәҫеленән – ҡырҡ ике кеше; сығышы менән Ҡыръяҫ-Еғарим, Кефира һәм Беероҫтан булғандар нәҫеленән – ете йөҙ ҡырҡ өс кеше; сығышы менән Рама һәм Гевағтан булғандар нәҫеленән – алты йөҙ егерме бер кеше; сығышы менән Михмастан булғандар нәҫеленән – бер йөҙ егерме ике кеше; сығышы менән Бейт-Ил һәм Ғайҙан булғандар нәҫеленән – бер йөҙ егерме өс кеше; сығышы менән Икенсе Невонан булғандар нәҫеленән – илле ике кеше; сығышы менән башҡа Ғеламдан булғандар нәҫеленән – бер мең ике йөҙ илле дүрт кеше; Харим нәҫеленән – өс йөҙ егерме кеше; сығышы менән Йерихонан булғандар нәҫеленән – өс йөҙ ҡырҡ биш кеше; сығышы менән Лод, Хадид һәм Ононан булғандар нәҫеленән – ете йөҙ егерме бер кеше; Сенаа нәҫеленән – өс мең туғыҙ йөҙ утыҙ кеше. Ҡаһиндар: Йешуағ нәҫеле Йедағъяһ тармағынан – туғыҙ йөҙ етмеш өс кеше; Иммер нәҫеленән – бер мең илле ике кеше; Пашхур нәҫеленән – бер мең ике йөҙ ҡырҡ ете кеше; Харим нәҫеленән – бер мең ун ете кеше. Левиҙәр: Йешуағ нәҫеленән (Һодауъяһ нәҫеленән Ҡадмиил тармағы) – етмеш дүрт кеше. Ҡорам йырсылары: Асаф нәҫеленән – бер йөҙ ҡырҡ һигеҙ кеше. Ҡапҡа һаҡсылары: Шаллум, Атер, Талмон, Ғаҡҡув, Хатита һәм Шовай нәҫелдәренән бер йөҙ утыҙ һигеҙ кеше. Ҡорам хеҙмәтселәре: Сиха нәҫеле, Хасуфа нәҫеле, Таббағоҫ нәҫеле, Ҡирос нәҫеле, Сиға нәҫеле, Падон нәҫеле, Левана нәҫеле, Хагава нәҫеле, Шалмай нәҫеле, Ханан нәҫеле, Гиддел нәҫеле, Гахар нәҫеле, Реаяһ нәҫеле, Ресин нәҫеле, Неҡода нәҫеле; Газзам нәҫеле, Ғузза нәҫеле, Пасеах нәҫеле, Бесай нәҫеле, Меғуним нәҫеле, Нефушесим нәҫеле, Бакбук нәҫеле, Хаҡуфа нәҫеле, Хархур нәҫеле, Баслиҫ нәҫеле, Мехида нәҫеле, Харша нәҫеле, Барҡос нәҫеле, Сисера нәҫеле, Темах нәҫеле, Нәсиах нәҫеле, Хатифа нәҫеле. Сөләймәндең хеҙмәтселәренең нәҫелдәре: Сотай нәҫеле, Софәрәҫ нәҫеле, Перида нәҫеле, Яғла нәҫеле, Дарҡон нәҫеле, Гиддел нәҫеле, Шефатъяһ нәҫеле, Хаттил нәҫеле, Похәрәҫ-Һассеваим нәҫеле, Амон нәҫеле. Ҡорам хеҙмәтселәре менән Сөләймәндең хеҙмәтселәренең нәҫел-нәсәптәренән – барлығы өс йөҙ туҡһан ике кеше. Сығышы буйынса Тел-Мелах, Тел-Харша, Керув, Аддон һәм Иммерҙән булған, әммә нәҫелдәре Исраилдан башланғанын иҫбатлай алмаған кешеләр: Делаяһ, Товияһ, Неҡода нәҫелдәренән – алты йөҙ ҡырҡ ике кеше. Ҡаһиндарҙан: Ховаяһ нәҫеле, Һаҡҡос нәҫеле, Барзиллай нәҫеле. Барзиллай Ғилғәдтә йәшәгән Барзиллай ҡыҙҙарының береһенә өйләнә лә уның исеме менән йөрөй башлаған була. Улар үҙҙәренең нәҫел исемлектәрен эҙләп ҡараны, әммә таба алмағанлыҡтан, ҡаһинлыҡтан төшөп ҡалдылар. Өлкә башлығы уларға: «Урим һәм туммим менән эш иткән ҡаһин килеп хәл иткәнгә тиклем һеҙ Аллаға килтерелгән изгеләрҙән-изге саҙаҡаларҙан ашай алмайһығыҙ», – тине. Йәмғиәттә бөтәһе ҡырҡ ике мең өс йөҙ алтмыш кеше иҫәпләнде. Был иҫәпкә уларҙың ете мең өс йөҙ утыҙ ете кешенән торған ир һәм ҡатын-ҡыҙ хеҙмәтселәре, ике йөҙ ҡырҡ биш ир һәм ҡатын-ҡыҙ йырсы инмәй. Уларҙың ете йөҙ утыҙ алты аты, ике йөҙ ҡырҡ биш ҡасыры, дүрт йөҙ утыҙ биш дөйәһе, алты мең ете йөҙ егерме ишәге бар ине. Ҡайһы бер нәҫел башлыҡтары төҙөлөш эштәренә үҙ өлөшөн индерҙе. Өлкә башлығы бер мең драхма алтын, илле сеүәтә, ҡаһиндарға биш йөҙ утыҙ кейем бирҙе. Нәҫел башлыҡтарының ҡайһы берҙәре төҙөлөш эштәре өсөн тәғәйенләнгән хазина һаҡлағысҡа егерме мең драхма алтын, ике мең ике йөҙ мина көмөш бирҙе. Ҡалған халыҡ егерме мең драхма алтын, ике мең мина көмөш, алтмыш ете ҡаһин кейеме бирҙе. Шулай итеп, бөтә исраилдар – ҡаһиндар, левиҙәр, ҡапҡа һаҡсылары, йырсылар, ҡорам хеҙмәтселәре, ябай халыҡ үҙ ҡалаларында йәшәй башланы. Етенсе айҙа, Исраил халҡы үҙ ҡалаларында йәшәп ятҡанда, бар халыҡ, бер кешеләй булып, Һыу ҡапҡаһы алдындағы майҙанға йыйылды. Улар ғилем эйәһе Ғөзәйергә Муса ҡануны – Раббының Исраилға бойороҡтары яҙылған төргәк китапты килтерергә ҡушты. Етенсе айҙың беренсе көнөндә ҡаһин Ғөзәйер йыйынға килгән ир-аттар, ҡатын-ҡыҙҙар һәм уҡығанды аңлай алырҙай барыһы алдына ҡанун китабын алып килде. Һыу ҡапҡаһы тапҡырындағы майҙанда ир-аттар, ҡатын-ҡыҙҙар һәм уҡығанды аңлай алырҙай барыһы алдында ошо китапты ул таң атҡандан алып төшкә тиклем уҡыны. Халыҡ ҡанун китабын үтә лә иғтибар менән тыңланы. Ғилем эйәһе Ғөзәйер ошо уңай өсөн махсус эшләнгән ағас мөнбәрҙә баҫып торҙо, ә уның уң яғынан Маттиҫъяһ, Шемағ, Ғанаяһ, Урияһ, Хилҡияһ, Мағасеяһ, ә һул яғынан Педаяһ, Мишаил, Малкияһ, Хашум, Хашбаддана, Зәкәрьяһ һәм Мешуллам тора ине. Халыҡтан юғарыраҡ торған Ғөзәйер китапты асҡас, бөтә халыҡ аяғөҫтө баҫты. Ғөзәйер бөйөк Алла Раббыға маҡтау-шөкөрана ҡылды. Барлыҡ халыҡ ҡулдарын өҫкә күтәреп: «Амин, амин», – тип торҙо. Һуңынан барыһы ла баштарын эйҙе һәм йөҙтүбән ергә ҡапланып Раббыға сәждә ҡылды. Йешуағ, Бани, Шеревъяһ, Ямин, Ғаҡҡув, Шаббеҫай, Һодияһ, Мағасеяһ, Ҡылита, Ғазаръяһ, Йозавад, Ханан, Пелаяһ исемле левиҙәр аяғүрә торған халыҡҡа ҡанунды аңлатып торҙо. Улар Алланың ҡанун китабын аңлатмалар биреп, төпсөрләп уҡынылар, уның тәфсирен аңлаттылар. Халыҡ уҡығанды төшөндө. Шунан һуң өлкә башлығы Нөхәмияһ, ғилем эйәһе Ғөзәйер ҡаһин, халыҡты өйрәтеүсе левиҙәр һәммә кешеләргә: – Был көн – Аллағыҙ Раббы өсөн изге көн, шуға күрә ҡайғырмағыҙ, иламағыҙ, – тине, сөнки ҡанун һүҙҙәрен тыңлап, бар булған халыҡ илай ине. Нөхәмияһ та уларға: – Барығыҙ, һимеҙ ит ашағыҙ, баллы шарап эсегеҙ, ашар-эсеренә әҙерләмәгән кешеләргә өлөш бирегеҙ, сөнки бөйөк Хакимыбыҙ Алла өсөн был көн изге. Ҡайғырмағыҙ, сөнки Раббы биргән ҡыуаныс һеҙҙе ҡеүәтле итә, – тине. Левиҙәр: – Илауҙан туҡтағыҙ, сөнки бөгөнгө көн изге, күңелһеҙ булырға ярамай, – тип бөтә халыҡты тынысландырҙы. Шунан барлыҡ халыҡ һыйланырға, башҡалар менән уртаҡлашырға, оло ҡыуаныс менән байрам итергә тип таралышты, сөнки үҙҙәренә әйтелгәндәрҙе аңлағайны. Иртәгәһе көндө халыҡтың бөтә нәҫел башлыҡтары, ҡаһиндар һәм левиҙәр, ҡанунда яҙылғандарҙы өйрәнер өсөн, ғилем эйәһе Ғөзәйер янына йыйылды. Раббы Муса аша биргән ҡанунда: «Исраил халҡы етенсе айҙың байрам көндәрендә ҡыуыштарҙа йәшәһен», – тигән яҙыуҙы таптылар. Шуға күрә үҙҙәренең ҡалаларында һәм Йәрүсәлимдә: «Тауға сығығыҙ, китапта яҙылғанса, ҡыуыш ҡорор өсөн баҡсалағы, шулай уҡ ҡырағай үҫкән зәйтүн ағасы ботаҡтарын, мирт, хөрмә һәм башҡа киң япраҡлы ағастарҙың ботаҡтарын алып төшөгөҙ», – тип иғлан иттеләр. Шулай итеп, һәммә халыҡ ботаҡтар йыйып килтереп, үҙ йорто түбәһендә, ихатала, Алла йорто ихаталарында, Һыу ҡапҡаһы, Әфраим ҡапҡаһы майҙанында ҡыуыштар эшләне. Әсирлектән ҡайтҡан барса халыҡ ҡыуыш яһап, шунда йәшәне. Нун улы Йушағ дәүеренән алып, ошо көнгә тиклем Исраил халҡының быны эшләгәне юҡ ине. Халыҡтың шатлығының сиге булманы. Ғөзәйер, беренсе көндән алып һуңғы көнгә тиклем, көн һайын Алланың ҡанун китабын уҡыны. Ете көн байрам иттеләр, ә һигеҙенсе көн, ҡағиҙә буйынса, изге йыйын булды. Шул уҡ айҙың егерме дүртенсе көнөндә бөтә Исраил халҡы тағы йыйылды: улар ураҙа тота ине, ҡыл туҡымаға уранып, баштарына саң-тупраҡ һипкәйне. Исраил тоҡомо бөтә сит халыҡтарҙан айырылды. Улар аяғүрә тороп үҙҙәре ҡылған гонаһтарын, ата-бабаларының яҙыҡ эштәрен таныны. Улар көндөң дүрттән бер өлөшөндә баҫып торған килеш Аллалары Раббының ҡанун китабын уҡыны, унан Аллалары Раббыға сәждә ҡылып, гонаһтарын таныны. Йешуағ, Бани, Ҡадмиил, Шеванъяһ, Бунни, Шеревъяһ, Бани, Кенани левиҙәр өсөн яһалған бейек урынға менеп баҫтылар ҙа Аллалары Раббыға ҡысҡырып ялбарҙылар. Левиҙәрҙән Йешуағ, Ҡадмиил, Бани, Хашавнеяһ, Шеревъяһ, Һодияһ, Шеванъяһ, Пеҫахъяһ: – Аяҡҡа баҫығыҙ ҙа мәңгелектән мәңгелеккә булған Аллабыҙ Раббыны данлағыҙ! – тинеләр. – Эй Раббы, Һинең мөҡәддәс исемең маҡтаулы, һәр төрлө маҡтау-данлауҙарҙан өҫтөн! Һин – берҙән-бер Раббы. Һин күкте, күктәрҙең асманын, бөтә күк ғәскәрен, ер йөҙөн һәм ундағы бар нәмәләрҙе, диңгеҙҙәрҙе һәм ундағы бар нәмәләрҙе яраттың һәм барыһына ла йәшәү бирәһең. Күктәрҙең Һин хасил иткән бөтә ғәскәре Һиңә сәждә ҡыла. Һин – Раббым Аллам, Һин Ибрамды Үҙең һайлап алып, халдейҙарҙың Ур ҡалаһынан алып киттең, уға Ибраһим тип исем бирҙең, уның йөрәге Һиңә ҡарата тоғро икәнен күреп, ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, әмөриҙәр, перизиҙәр, йевусиҙәр, гиргашиҙәр ерен уның тоҡомона бирер өсөн Ибраһим менән килешеү төҙөнөң. Һин Үҙ һүҙеңдә торҙоң, сөнки Һин ғәҙелһең. Һин ата-бабаларыбыҙҙың Мысырҙағы ауыр хәлен дә күрҙең, уларҙың Ҡамышлы диңгеҙ ярындағы аһ-зарҙарын да ишеттең, фирғәүенгә, уның ҡолдарына һәм илендәге бөтә халыҡҡа хикмәттәреңде үә мөғжизәләреңде күрһәттең. Сөнки мысырҙарҙың беҙҙең ата-бабаларыбыҙ менән тәкәббер ҡыланғанын Һин белдең. Шул ваҡытта ҡаҙанған исемең бөгөнгәсә данлы. Һин исраилдар алдында диңгеҙҙе уртаға ярҙың да улар шул урында хасил булған ҡоро ерҙән киттеләр, ә арттарынан ҡыуа килгәндәрҙе Һин, тәрән һыуҙарға ырғытылған таш кеүек итеп, диңгеҙ төпкөлөндә ҡалдырҙың. Көндөҙ болот бағанаһы эсендә улар алдынан юл күрһәтеп барҙың, ә төндә ут бағанаһы эсендә барыр юлдарын яҡтырттың. Һин Синай тауына төштөң, улар менән күктән тороп һөйләштең, ғәҙел күрһәтмәләр, дөрөҫ ҡанундар, һәйбәт ҡағиҙәләр һәм бойороҡтар бирҙең. Һин уларға изге шәмбе көнөн белдерҙең, ҡолоң Муса аша бойороҡтар, ҡағиҙәләр һәм ҡанун бирҙең. Асыҡҡанда Һин уларға күктән икмәк төшөрҙөң, сарсаған саҡтарында таштан һыу сығарҙың, ҡулыңды күтәреп, уларға бирергә Үҙең ант иткән ерҙе барып биләргә ҡуштың. Әммә улар, беҙҙең ата-бабаларыбыҙ, тәкәбберлек күрһәтте, тиҫкәрелектәренә барып, Һинең бойороҡтарыңды үтәмәне. Улар Һине тыңларға теләмәне, Һин улар өсөн эшләгән мөғжизәләрҙе онотто, тиҫкәрелектәренә барып, ҡоллоҡҡа кире ҡайтыр өсөн үҙҙәренә юлбашсы һайлап ҡуйҙы. Әммә Һин – ғәфү итеүсе Алла, мәрхәмәтле, рәхимле, сикһеҙ түҙемле һәм оло мөхәббәтлеһең. Һин уларҙы ташламаның. Улар үҙҙәренә башмаҡ һыны ҡойоп, беҙҙе Мысырҙан сығарған аллабыҙ бына ошо тип, сикһеҙ хурлаһалар ҙа, Һин уларға сикһеҙ мәрхәмәт күрһәттең – уларҙы сүллектә ҡалдырманың. Улар барған юлда көндөҙ баштары өҫтөнән болот бағанаһы китмәне, ә төндә барыр юлдарын ут бағанаһы яҡтыртты. Уларға өгөт-нәсихәт өсөн Һин игелекле рухыңды бирҙең, Үҙең биргән майҙәне ауыҙҙарынан тартып алманың, һыуһындарын ҡандырырға һыу бирҙең. Ҡырҡ йыл буйына туҡландырҙың һин уларҙы сүллектә; һис бер мохтажлыҡ кисермәне улар – кейемдәре туҙманы, аяҡтары шешенмәне. Һин уларға батшалыҡтарҙы һәм халыҡтарҙы бирҙең, уларҙы сик итеп тәғәйенләнең. Улар Хешбон батшаһы Сихон еренә, Башан батшаһы Ғоғ еренә хужа булды. Уларҙың тоҡомон күктәге йондоҙҙар һанынса арттырҙың. Уларҙың ата-бабаларына барып хужа булырға бойорған ергә алып килдең. Уларҙың тоҡомдары килеп, шул ергә хужа булды. Һин был ер кешеләрен, ҡәнғәниҙәрҙе, уларға буйһондорҙоң; батшаларын, шул ерҙәге халыҡтарҙы уларҙың ҡулына биреп, ни теләһәләр, шуны ҡылырға ихтыяр ҡуйҙың. Улар нығытылған ҡалаларҙы һәм уңдырышлы ерҙәрҙе баҫып алды, һәр төрлө байлыҡ менән тулған йорттарға, ташта уйып яһалған һыу соҡорҙарына, йөҙөм һәм зәйтүн ағасы баҡсаларына, бик күп емеш ағастарына хужа булды. Улар ашап-эсте, туйҙы, һимерҙе һәм Һинең сикһеҙ рәхмәт-мәрхәмәтеңдән ләззәтләнде. Әммә тора-бара улар буйһонмай башланы, Һиңә ҡаршы фетнә күтәрҙе, ҡануныңды һанға һуҡманы, Һиңә кире ҡайтырға өгөтләгән пәйғәмбәрҙәреңде үлтерҙе, Һине сикһеҙ хурланы. Шунан Һин уларҙы дошмандар ҡулына бирҙең, иҙелеүгә дусар булды улар. Әммә үҙҙәренә ауыр мәлдә Һиңә ялбарғас, күктән тороп Һин уларҙы ишеттең, икһеҙ-сикһеҙ мәрхәмәтеңде күрһәтеп, ҡотҡарыусылар ебәрҙең, улар халыҡты дошмандарынан ҡотҡарҙы. Ләкин, тынысланып, рәхәткә сыҡҡас, улар Һиңә ҡарата яңынан золом ҡыла башланы, Һин уларҙы тағы дошмандары ҡулына ташланың. Дошмандары уларға хакимлыҡ итте. Һиңә ялбарғас, күктәрҙән уларҙы ишеттең, сикһеҙ мәрхәмәтеңде күрһәтеп, күп тапҡырҙар ҡотҡарҙың. Һин уларҙы элекке кеүек ҡануның буйынса йәшәргә өгөтләнең, әммә улар, тәкәбберләнеп, бойороҡтарыңа иғтибар итмәне. Һинең ҡарар-хөкөмдәреңде үтәгән һәр кем йәшәү тапһа ла, уларға ҡаршы гонаһ ҡылдылар, тиҫкәреләнделәр, ҡарыштылар, буйһонорға теләмәнеләр. Һин күп йылдар буйына уларға түҙҙең. Пәйғәмбәрҙәрең ярҙамында Үҙеңдең рухың менән уларҙы өгөтләнең, әммә улар тыңламаны. Һин уларҙы сит халыҡтар ҡулына бирҙең. Әммә Үҙеңдең сикһеҙ шәфҡәтең арҡаһында Һин уларҙы ахырынаса ҡырып бөтөрмәнең, ташламаның, сөнки Һин мәрхәмәтле һәм рәхимле Аллаһың. Аллабыҙ – бөйөк, ҡөҙрәтле, дәһшәтле, килешеүгә тоғро һәм мөхәббәтле Алла! Ашшур батшалары хакимлыҡ иткән дәүерҙәрҙән алып ошо көнгә тиклем беҙ – батшаларыбыҙ, түрәләребеҙ, ҡаһиндарыбыҙ, пәйғәмбәрҙәребеҙ, ата-бабаларыбыҙ һәм Һинең барлыҡ халҡың – дусар булған ғазаптарыбыҙ Һиңә әле лә аҙ булып тойолмаһын ине. Беҙҙең менән нимә генә булһа ла, Һин ғәҙел эш иттең, сөнки Һин тоғроһоң, ә беҙ яуызлыҡ ҡылдыҡ. Батшаларыбыҙ, түрәләребеҙ, ҡаһиндарыбыҙ, ата-бабаларыбыҙ Һинең ҡануныңды үтәмәне, биргән бойороҡтарыңды, күрһәтмәләреңде һанға һуҡманы. Хатта үҙҙәренең батшалығында Һин биргән бөйөк ниғмәттәр эсендә, иркен һәм уңдырышлы ерҙә лә улар Һиңә хеҙмәт итмәне, золом ҡылыуҙан кире ҡайтманы. Бына хәҙер инде беҙ ҡолдарбыҙ; емештәре менән ризыҡланһындар, муллығынан файҙаланһындар, тип Һин ата-бабаларыбыҙға биргән ерҙә беҙ ҡол булып йәшәйбеҙ. Был ер үҙенең мул уңышын гонаһтарыбыҙ өсөн Һин беҙҙе баш һалырға дусар иткән батшаларға бирә. Беҙҙең менән дә, мал-тыуарыбыҙ менән дә улар ни теләһә, шуны эшләй, бик тә ҡыҫырыҡланып йәшәйбеҙ беҙ. Бына шуға күрә беҙ яҙма рәүештә ныҡлы килешеү төҙөйбөҙ һәм ҡултамға итеп башлыҡтарыбыҙ, левиҙәребеҙ һәм ҡаһиндарыбыҙ уға мөһөр баҫа. Мөһөрҙәрен баҫтылар: Хахалъяһ улы Нөхәмияһ – өлкә башлығы, Сидкияһ, Сераяһ, Ғазаръяһ, Йермеяһ, Пашхур, Амаръяһ, Малкияһ, Хаттуш, Шеванъяһ, Маллух, Харим, Меремоҫ, Ғовадъяһ, Даниил, Гиннеҫон, Барух, Мешуллам, Авияһ, Миямин, Мағазъяһ, Билгай, Шемағъяһ – былар ҡаһиндар. Левиҙәр: Азанъяһ улы Йешуағ, Хенадад нәҫеленән Биннуй, Ҡадмиил, уларҙың ағай-энеләре: Шеванъяһ, Һодияһ, Ҡылита, Пелаяһ, Ханан, Миха, Рехов, Хашавъяһ, Заккур, Шеревъяһ, Шеванъяһ, Һодияһ, Бани, Бенину. Халыҡ башлыҡтары: Парғош, Пахаҫ-Моав, Ғелам, Затту, Бани, Бунни, Ғазгад, Бевай, Адонияһ, Бигуай, Ғадин, Атер, Хизкияһ, Ғаззур, Һодияһ, Хашум, Бесай, Хариф, Ғанаҫоҫ, Невай, Магпиғаш, Мешуллам, Хезир, Мешезавил, Садоҡ, Яддуағ, Пелатъяһ, Ханан, Ғанаяһ, Һошеяғ, Хананъяһ, Хашшув, Һаллохеш, Пилха, Шовеҡ, Рехум, Хашавна, Мағасеяһ, Ахияһ, Ханан, Ғанан, Маллух, Харим, Бағана. Шулай уҡ башҡа халыҡ, ҡаһиндар, левиҙәр, ҡапҡа һаҡсылары, йырсылар, ҡорам хеҙмәтселәре һәм Алла ҡануны хаҡына сит халыҡтарҙан айырылған һәммә кешеләр, уларҙың ҡатындары, улдары һәм ҡыҙҙары, бөтә аңлы кешеләр үҙ ағай-энеләренә, уларҙың иң арҙаҡлыларына ҡушылды. Алланың ҡоло Муса аша бирелгән ҡанунына ярашлы йәшәргә, Хакимыбыҙ Раббының бөтә бойороҡтарын, ҡарар һәм ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, әгәр ҙә үтәмәһәләр, Алланың ләғнәтенә дусар булырға ант итеп йөкләмә алдылар. Ант иттек: сит халыҡтарға ҡыҙҙарыбыҙҙы бирмәбеҙ, уларҙың ҡыҙҙарын улдарыбыҙға алмабыҙ. Сит халыҡтар шәмбе йәки башҡа берәй изге көндә һатырға төрлө тауар һәм иген алып килһә, был көндө беҙ уларҙан әйбер һатып алмаҫбыҙ. Һәр етенсе йылда ерҙе эшкәртмәҫбеҙ һәм бер ниндәй бурысты ла кире ҡайтарып алмаҫбыҙ. Беҙ үҙебеҙгә тағы Аллабыҙ йорто ихтыяжы өсөн йылына бер шекел көмөштөң өстән бер өлөшөн бирергә йөкләмә итеп алдыҡ. Был ҡорамға ҡуйыла торған ун ике изге икмәк, даими бирелә торған икмәк саҙаҡаһы, тотош яндырыу ҡорбандары, шәмбеләрҙә, Яңы ай байрамдарында һәм Раббы тәғәйенләгән башҡа байрамдарҙа килтерелә торған тотош яндырыу ҡорбандары, изге тип һаналған бүләктәр, Исраилды пакландырыуға тәғәйенләнгән гонаһ ҡорбандары, Аллабыҙ йортонда башҡарыла торған бөтә ғәмәлдәр өсөн булыр. Беҙ, йәрәбә ташлап, ҡаһиндар, левиҙәр һәм халыҡ кемдең ҡасан Аллабыҙ йорто өсөн утын алып килергә тейешлеген билдәләнек. Ҡанунда яҙылғанса, Аллабыҙ Раббының ҡорбан усағына яғыр өсөн һәр нәҫел йыл һайын тәғәйен ваҡытта утын килтерәсәк. Тағы шундай йөкләмә алдыҡ: йыл һайын Раббыбыҙ йортона тупрағыбыҙҙың һәм емеш ағастарыбыҙҙың тәүге уңышын бирергә; шулай уҡ, ҡанунда яҙылғанса, Аллабыҙ йортона, унда хеҙмәт иткән ҡаһиндарға баш бала булып тыуған улдарыбыҙҙы, эре һәм ваҡ малдан алған тәүге үрсемде килтерергә. Аллабыҙ йортондағы келәттәргә ҡаһиндар өсөн тәүге тарттырылған он, саҙаҡалар, төрлө ағас емештәрен, шарап, зәйтүн майы килтерергә һәм левиҙәргә еребеҙҙең ундан бер өлөшөнөң уңышын бирергә. Левиҙәр ер эшкәртеү менән шөғөлләнгән бөтә ҡалаларҙа ла уңыштың ундан бер өлөшөн йыясаҡ. Левиҙәр уңыштың унынсы өлөшөн йыйған ваҡытта, Һарун нәҫеленән булған бер ҡаһин левиҙәр янында булырға, левиҙәр иһә үҙҙәренә тейгәндең ундан бер өлөшөн Аллабыҙ йортона, келәт бүлмәләренә алып барып тапшырырға тейеш. Сөнки Исраил халҡы ла, левиҙәр ҙә саҙаҡаларын: иген, шарап, зәйтүн майын – Изге торлаҡтың һауыттары һәм Алла йортонда хеҙмәт иткән ҡаһиндарҙың, ҡапҡа һаҡсыларының, йырсыларҙың кәрәк-яраҡтары һаҡланған келәттәргә илтергә тейеш. Аллабыҙ йортон ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫбыҙ! Халыҡтың башлыҡтары Йәрүсәлимдә төйәкләнде. Бүтәндәр йәрәбә һалды: уларҙың ундан бер өлөшө изге ҡала Йәрүсәлимдә ҡаласаҡ, ә ҡалған туғыҙ өлөшө башҡа ҡалаларҙа йәшәйәсәк ине. Халыҡ үҙ теләге менән Йәрүсәлимдә йәшәргә ризалыҡ биргән бөтә кешеләргә фатиха ҡылды. Шела нәҫеленән Мағасеяһ, ул – Барух улы, Барух – Кол-Хозе, Кол-Хозе – Хазаяһ, Хазаяһ – Ғадаяһ, Ғадаяһ – Йоярив, Йоярив – Зәкәрьяһ, Зәкәрьяһ – Шела нәҫеленән ине. Пәрәс нәҫеленән Йәрүсәлимдә төпләнгәндәр дүрт йөҙ алтмыш һигеҙ кеше, улар ҡаһарман яугирҙәр ине. Бинйәмин ырыуынан: Саллу, ул – Мешуллам, Мешуллам – Йоғыд, Йоғыд – Педаяһ, Педаяһ – Ҡолаяһ, Ҡолаяһ – Мағасеяһ, Мағасеяһ – Иҫиил, Иҫиил – Йешағъяһ улы ине. Унан һуң Габбай, Саллай – туғыҙ йөҙ егерме һигеҙ кеше. Зихри улы Йоил улар өҫтөнән етәксе ине, ә Йәһүҙә, Һассенуа улы, ҡалала башлыҡтың ярҙамсыһы булды. Ҡаһиндарҙан: Йоярив улы Йедағъяһ, Яхин, Алла йортоноң мөдире Сераяһ, ул – Хилҡияһ улы, Хилҡияһ – Мешуллам, Мешуллам – Садоҡ, Садоҡ – Мерайоҫ, Мерайоҫ – Ахитув улы ине. Алла йортонда хеҙмәт итеүсе ағай-энеләрен индереп иҫәпләгәндә улар һигеҙ йөҙ егерме ике кеше ине. Шулай ук Ғадаяһ, ул – Йерохам улы, Йерохам – Пелалъяһ, Пелалъяһ – Амси, Амси – Зәкәрьяһ, Зәкәрьяһ – Пашхур, Пашхур – Малкияһ улы ине. Нәҫел башлыҡтары булған ағай-энеләрен индереп иҫәпләгәндә, улар ике йөҙ ҡырҡ ике кеше ине. Шулай уҡ Ғамашсай. Ул – Ғазарил улы, Ғазарил – Ахзай, Ахзай – Мешиллемоҫ, Мешиллемоҫ – Иммер улы ине. Ҡаһарман яугир булған туғандарын индереп иҫәпләгәндә улар йөҙ егерме һигеҙ кеше ине. Һаггедолим улы Завдиил уларҙың башлығы ине. Левиҙәрҙән: Шемағъяһ Хашшув улы, Хашшув – Ғазриҡам, Ғазриҡам – Хашавъяһ, Хашавъяһ Бунни улы ине. Левиҙәрҙең башлыҡтарынан Шаббеҫай менән Йозавад Алла йортонда тыштағы эштәргә етәкселек итте; доға ҡылғанда башлап шөкөрана мәҙхиәләрен, маҡтауҙарҙы башҡарыусы Маттанъяһ Миха улы; Миха – Завди, Завди – Асаф улы ине. Уның ҡәрҙәштәренән Бакбукъяһ ярҙамсыһы булды. Шулай уҡ Ғавда Шаммуағ улы; Шаммуағ – Галал улы, Галал – Йедуҫун улы ине. Изге ҡалала бөтәһе ике йөҙ һикһән дүрт леви йәшәне. Ҡорамдың ҡапҡа һаҡсылары: Ғаҡҡув менән Талмон һәм уларҙың ҡапҡа һаҡлаусы ағай-энеләре бөтәһе йөҙ етмеш ике кеше ине. Исраилдың ҡалған халҡы, ҡаһиндар, левиҙәр Йәһүҙәнең бөтә ҡалаларында ла һәр береһе үҙ биләмәһендә йәшәне. Ҡорам хеҙмәтселәре Ғофелдә йәшәне, уларҙың башлығы Сиха менән Гишпа ине. Йәрүсәлимдә левиҙәрҙең башлығы Ғуззи булды, ул – Бани улы, Бани – Хашавъяһ, Хашавъяһ – Маттанъяһ, Маттанъяһ Миха улы ине. Ғуззи Алла йортондағы йырсылар нәҫеленән – Асаф нәҫеленән ине. Йырсыларҙың көндәлек вазифалары батша бойороғо менән раҫланғайны һәм уларға көн һайын билдәле күләмдә аҙыҡ-түлек бирелә ине. Йәһүҙәнән тыуған Зерах нәҫеленән булған Мешезавил улы Пеҫахъяһ Фарсы батшаһының Исраил халҡына ҡағылышлы эштәре буйынса вәкиле ине. Ауылдарға һәм баҫыуҙарға килгәндә: Йәһүҙә нәҫеленең ҡайһы берәүҙәре Ҡыръяҫ-Арбағ, Дивон, Йеҡавсеил ҡалаларында һәм улар тирәһендәге ауылдарҙа төпләнде. Йешуағта, Моладала, Бейт-Пәләттә, Хасар-Шуғалда, Беер-Шәвәғтә һәм уларҙың эргә-тирәләрендә, Сиҡлағта, Мехонала һәм уларҙың эргә-тирәләрендә, Ғейн-Риммонда, Сорғала, Ярмуҫта, Заноахта, Ғадулламда һәм уларҙың ауылдарында, Лахишта һәм уның тирәһендә, Ғазыҡала һәм эргә-тирәләрендә йәшәне. Улар Беер-Шәвәғтән Һинном үҙәненә тиклем таралғайны. Бинйәмин ырыуы Гевағтан алып Михмаста, Ғаййала, Бейт-Илдә һәм уларҙың эргә-тирәләрендә, Ғанаҫоҫта, Новта, Ғананияһта, Хасорҙа, Рамала, Гиттаимда, Хадидта, Севоғимда, Неваллатта, Лодта, Онола, Балта оҫталары үҙәнендә йәшәне. Йәһүҙәләге левиҙәрҙең төркөмдәре Бинйәмин биләмәләрендә төйәкләнде. Былар әсирлектән Шеалтиил улы Зеруббавел һәм Йешуағ менән ҡайтҡан ҡаһиндар һәм левиҙәр: Сераяһ, Йермеяһ, Ғөзәйер, Амаръяһ, Маллух, Хаттуш, Шеханъяһ, Рехум, Меремоҫ, Ғиддо, Гиннеҫой, Авияһ, Миямин, Мағадъяһ, Билга, Шемағъяһ, Йоярив, Йедағъяһ, Саллу, Ғамок, Хилҡияһ, Йедағъяһ. Былар Йешуағ дәүерендәге ҡаһиндарҙың һәм уларҙың ҡәрҙәштәренең башлыҡтары ине. Левиҙәр: Йешуағ, Биннуй, Ҡадмиил, Шеревъяһ, Йәһүҙә һәм ҡәрҙәштәре менән шөкөрана мәҙхиәләре башҡарыу өсөн яуаплы булған Маттанъяһ. Ҡәрҙәштәре Бакбукъяһ менән Ғунни ғибәҙәт ваҡытында уларҙың ҡаршыһында тора торғайны. Йешуағтың улы Йояҡим, Йояҡимдың улы Әлйәшив, Әлйәшивтең улы Йоядағ, Йоядағтың улы Йонаҫан, Йонаҫандың улы Яддуағ. Йояҡим дәүерендә ҡаһиндарҙың нәҫел-нәсәп башлыҡтары түбәндәгеләр ине: Сераяһ нәҫеленән Мераяһ, Йермеяһ нәҫеленән Хананъяһ, Ғөзәйер нәҫеленән Мешуллам, Амаръяһ нәҫеленән Йеһоханан, Мелиху нәҫеленән Йонаҫан, Шеванъяһ нәҫеленән Йософ, Харим нәҫеленән Ғадна, Мерайоҫ нәҫеленән Хелҡай, Ғиддо нәҫеленән Зәкәрьяһ, Гиннеҫон нәҫеленән Мешуллам, Авияһ нәҫеленән Зихри, Минйәмин менән Моғадъяһ нәҫеленән Пилтай, Билга нәҫеленән Шаммуағ, Шемағъяһ нәҫеленән Йонаҫан, Йоярив нәҫеленән Маттенай, Йедағъяһ нәҫеленән Ғуззи, Саллай нәҫеленән Ҡаллай, Ғамок нәҫеленән Ғевәр, Хилҡияһ нәҫеленән Хашавъяһ, Йедағъяһ нәҫеленән Неҫанил. Әлйәшив, Йоядағ, Йоханан һәм Яддуағ көндәрендә левиҙәр ғаилә башлыҡтары сифатында һәм ҡаһиндар Фарсы батшаһы Дарий замандарына тиклем теркәлгән. Левиҙәрҙең нәҫел башлыҡтары йылъяҙмаға Әлйәшив улы Йоханан дәүеренә тиклем инеп ҡалған. Левиҙәрҙең башлыҡтары Хашавъяһ, Шеревъяһ һәм Ҡадмиил улы Йешуағ бер яҡта, ҡәрҙәштәре икенсе яҡта торор һәм, Алла бәндәһе Дауыттың бойороғо буйынса, ҡара-ҡаршы маҡтау һәм шөкөрана ҡылыр булды. Маттанъяһ, Бакбукъяһ, Ғовадъяһ, Мешуллам, Талмон, Ғаҡҡув ҡапҡа һаҡсылары ине; улар ҡапҡаға яҡын келәттәрҙе ҡарауылланы. Был кешеләр үҙ вазифаларын Йосадаҡтан тыуған Йешуағ улы Йояҡим, өлкә башлығы Нөхәмияһ, ғилем эйәһе Ғөзәйер ҡаһин дәүерендә башҡарҙы. Йәрүсәлим диуарын Аллаға бағышлау байрамында ҡатнашыр өсөн левиҙәрҙе бөтә ерҙән саҡыртып алдылар. Улар ҡыуаныслы тантанала тәрилкәләр һуғып, лира һәм арфа сиртеп, шөкөрана йырҙары башҡарырға тейеш ине. Һәм бына Йәрүсәлимдең әйләнә-тирәһенән, Нетофа янындағы ауылдарҙан, Бейт-Гилгалдан, Гевағ һәм Ғазмауыҫ яҡтарынан йырсылар йыйылды, сөнки йырсылар ауылдарын Йәрүсәлим тирәләй төҙөгәйне. Ҡаһиндар һәм левиҙәр таҙарынды, һуңынан халыҡты, ҡапҡаларҙы, диуарҙы таҙарындырҙы. Шунан һуң мин Йәһүҙә түрәләрен диуарҙың өҫтөнә сығарҙым һәм, шөкөрана мәҙхиәләре йырлар өсөн, ике ҙур төркөм тәғәйенләнем. Уларҙың береһе диуар буйлап уң яҡҡа, Тиреҫ ҡапҡаһына табан атланы. Улар артынан Һошағъяһ менән Йәһүҙә түрәләренең яртыһы, Ғазаръяһ, Ғөзәйер, Мешуллам, Йәһүҙә, Бинйәмин, Шемағъяһ һәм Йермеяһ, борғо ҡысҡыртыусы бер нисә ҡаһин, шулай уҡ Зәкәрьяһ барҙы. Зәкәрьяһ – Йонаҫан улы, Йонаҫан – Шемағъяһ, Шемағъяһ – Маттанъяһ, Маттанъяһ – Михаяһ, Михаяһ – Заккур, Заккур Асаф улы ине. Шулай уҡ Зәкәрьяһтың ҡәрҙәштәре Шемағъяһ, Ғазарил, Милалай, Гилалай, Мағай, Неҫанил, Йәһүҙә һәм Ханани Алла бәндәһе Дауыттың уйын ҡоралдарын күтәреп барҙы, ә ғилем эйәһе Ғөзәйер улар алдынан атланы. Шишмә ҡапҡаһына еткәс, улар Дауыт ҡалаһының баҫҡыстары буйлап туп-тура юғарыға, диуарға күтәрелделәр ҙә Дауыт йорто эргәһенән көнсығышҡа табан Һыу ҡапҡаһына йүнәлделәр. Икенсе төркөм диуар буйлап һул яҡҡа китте. Улар артынан халыҡтың яртыһы менән мин үҙем барҙым. Мейес манараһы янынан Киң диуарға тиклем, Әфраим ҡапҡаһы, Иҫке ҡапҡа, Балыҡ ҡапҡаһы эргәһенән һәм Хананил манараһы, Меа манараһы янынан үтеп, Һарыҡ ҡапҡаһына тиклем барҙыҡ та Һаҡсылар ҡапҡаһы янында туҡталдыҡ. Шунан шөкөрана мәҙхиәләре йырлаусы ике төркөм дә Алла йорто янында йыйылды. Мин һәм минең менән бергә түрәләрҙең яртыһы, ҡаһиндар: Әлъяҡим, Мағасеяһ, Минйәмин, Михаяһ, Әлйоғынай, Зәкәрьяһ, Хананъяһ – улар борғолар тотҡайны – Мағасеяһ, Шемағъяһ, Әлғазар, Ғуззи, Йеһоханан, Малкияһ, Ғелам һәм Ғезәр шунда торҙоҡ. Йырсылар яңғыратып йырланы; Израхъяһ башлап йырлаусы булды. Ул көндә ҙур-ҙур ҡорбандар килтерелде, халыҡ күңел асты, сөнки был бөйөк шатлыҡты уларға Алла Үҙе бирҙе. Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, балалар ҙа күңел асты, Йәрүсәлимдәге тантана алыҫтарға ишетелеп торҙо. Шул уҡ көндә бүләктәр, тәүге уңыш һәм уңыштың ундан бер өлөшө саҙаҡалары йыйыла торған келәттәргә кешеләр билдәләп ҡуйылды. Улар ҡала баҫыуҙарынан ҡаһиндар һәм левиҙәр өсөн ҡанунда күрһәтелгән өлөштө йыйырға тейеш. Сөнки хеҙмәт башҡарған ҡаһиндар менән левиҙәргә ҡарап ҡына ла йәһүдтәрҙең күңеле шатлыҡ менән тулды: улар Аллаға ғибәҙәт ҡылыу, пакландырыу ғәмәлдәрен башҡарҙы. Шулай уҡ йырсылар һәм ҡапҡа һаҡсылары Дауыт менән уның улы Сөләймән билдәләгән тәртип буйынса хеҙмәт итте. Сөнки борондан, Дауыт менән Асаф замандарынан уҡ йырсылар араһынан башлыҡтар ҡуйыла һәм Аллаға маҡтау, шөкөр итеү йырҙары башҡарыла ине. Зеруббавел менән Нөхәмияһ дәүерендә бөтә Исраил халҡы йырсыларға һәм ҡапҡа һаҡсыларына көн һайын өлөш биреп торҙо; шулай уҡ левиҙәргә лә тейешле өлөш бирелде, левиҙәр ҙә Һарун нәҫеленән булғандарға өлөш бүлде. Ул көндә халыҡ алдында Мусаның китабы ҡысҡырып уҡылды һәм унда шундай яҙыу табылды: «Ғаммондар һәм Моав кешеләре араһынан берәү ҙә бер ҡасан да Алла халҡы иҫәбенә инергә тейеш түгел, сөнки улар Исраил халҡын икмәк һәм һыу менән ҡаршы алманы, уларҙы ҡәһәрләү өсөн Билғамды ялланы, әммә Аллабыҙ был ҡәһәрҙе фатихаға әйләндерҙе». Ҡанун һүҙҙәрен ишеткәс, улар исраилдар араһынан бөтә сит ҡәүемдәрҙең нәҫелдәрен айырып ебәрҙе. Быға тиклем Аллабыҙ йортоноң келәттәре өсөн яуаплы итеп Әлйәшив ҡаһин тәғәйенләнгәйне. Ул, Товияһтың туғаны булғанға күрә, уға ҙур бер бүлмәне биреп ҡуйған. Элек был бүлмәгә икмәк саҙаҡаларын, хуш еҫле ыҫмала, һауыт-һаба, игендең, шараптың, зәйтүн майының левиҙәргә, йырсыларға һәм ҡапҡа һаҡсыларына тейешле ундан бер өлөшөн һәм ҡаһиндар өсөн килтерелгән саҙаҡаларҙы һалалар ине. Был хәлдәр булғанда мин Йәрүсәлимдә юҡ инем. Бабил батшаһы Артахшаста хакимлығының утыҙ икенсе йылында мин батша янына барғайным. Күпмелер ваҡыт үткәс, батшанан рөхсәт алып, Йәрүсәлимгә ҡайттым. Әлйәшивтең яман эше – Алла йорто ихатаһында Товияһҡа бүлмә биреүе тураһында белдем. Был мине бик ныҡ асыуландырҙы. Мин Товияһтың бөтә йорт әйберҙәрен бүлмәнән сығарып ташланым. Минең бойороғом буйынса бүлмәләрҙе таҙарттылар һәм мин Алла йортоноң һауыт-һабаларын, икмәк саҙаҡаларын, хуш еҫле ыҫмаланы кире индерҙем. Бының өҫтәүенә мин левиҙәргә тигән өлөштөң бирелмәүен, үҙҙәренең хеҙмәтен башҡарған левиҙәр менән йырсыларҙың һәр береһе үҙ биләмәләренә ҡайтып бөтөүен белдем. Мин бының өсөн түрәләргә шелтә яһаным һәм: – Ни өсөн Алла йорто ҡарауһыҙ ҡалдырылған? – тип һораным. Таралғандарҙы йыйып алып, вазифаларына кире ҡайтарҙым. Йәһүҙә халҡының барыһы ла келәттәргә игендең, шарап һәм зәйтүн майының ундан бер өлөшөн килтерә башланы. Келәттәргә хужа итеп мин ҡаһин Шәләмъяһты, кәтип Садоҡты, левиҙәрҙән Педаяһты, уларға ярҙамға Маттанъяһтан тыуған Заккур улы Хананды ҡуйҙым, сөнки улар тоғро кешеләр булып иҫәпләнә ине. Үҙҙәренең ҡәрҙәштәренә өлөш таратыу уларға йөкмәтелде. Эй Аллам! Ошо эштәрем өсөн мине иҫеңә ал. Аллам йорто һәм ундағы хеҙмәт өсөн һалған тырышлыҡтарым юйылмаһын ине! Шул ваҡытта мин Йәһүҙәлә ҡайһы бер кешеләрҙең шәмбе көндө йөҙөм һуты һығыуҙарын, көлтә ташығандарын, ишәктәренә ашлыҡ, шарап, йөҙөм, инжир һәм һәр төрлө йөк тейәп, Йәрүсәлимгә һатырға килтергәндәрен күрҙем. Уларҙы был көндө аҙыҡ-түлек һатмаһындар тип киҫәттем. Сығыштары менән Тирҙан булып, Йәрүсәлимдә йәшәгән кешеләр ҙә балыҡ һәм һәр төрлө тауар килтереп, шәмбе көндө Йәһүҙә халҡына һата ине. Мин Йәһүҙәнең дәрәжәле кешеләренә: – Ниңә һеҙ ошондай золом ҡылып, шәмбе көнөн нәжесләйһегеҙ? Ата-бабаларыбыҙ ошолай ҡыланған өсөн, Алла беҙгә һәм ҡалабыҙға бөтә был бәләләрҙе килтермәнеме ни? Ә һеҙ шәмбе көнөн нәжесләп, Уның Исраилға асыуын арттыраһығыҙ, – тинем. Шунан һуң мин шәмбе көн алдынан эңер төшкәс Йәрүсәлим ҡапҡаларын бикләргә һәм шәмбе үткәнгә тиклем асмаҫҡа бойорҙом. Шәмбе көндө бер ниндәй йөк тә үтмәһен өсөн, ҡапҡалар янына хеҙмәтселәремде ҡуйҙым. Сауҙагәрҙәр һәм һәр төрлө һатыу итеүселәр бер-ике тапҡыр Йәрүсәлимдән тышта төн үткәрҙе. Мин уларҙы бик ҡаты әрләнем һәм: – Ниңә һеҙ диуар янында ҡунаһығыҙ? Тағы шулай эшләһәгеҙ, мин һеҙгә ҡарата көс ҡулланам, – тинем. Шул ваҡыттан алып, улар башҡаса шәмбе көндө килеп йөрөмәне. Шунан мин левиҙәргә таҙарынып, шәмбе көнөнөң изгелеген һаҡлар өсөн, ҡапҡаларҙы ҡарауылларға килергә бойорҙом. Эй Аллам! Ошолар өсөн дә мине иҫеңә ал, икһеҙ-сикһеҙ тоғро мөхәббәтеңә күрә миңә шәфҡәт күрһәт. Ул көндәрҙә мин тағы шуға шаһит булдым: йәһүдтәр Ашдод, Ғаммон, Моав ҡатындарына өйләнгән. Шуға күрә уларҙың балаларының яртыһы ашдод йәки башҡа халыҡтарҙың телендә һөйләшә, ә йәһүд телен белмәй ине. Бының өсөн мин уларҙы һүктем, ҡәһәрләнем, ирҙәрҙең ҡайһы берҙәрен туҡманым, сәстәрен йолҡтом, Алла хаҡына ҡыҙҙарығыҙҙы уларҙың улдарына бирмәгеҙ, ә улдарығыҙға һәм үҙегеҙгә ҡыҙҙарын алмағыҙ, тип ялбарҙым. – Исраил батшаһы Сөләймән, – тинем мин уларға, – шулар арҡаһында гонаһҡа батманымы ни? Күп халыҡтарҙың уның кеүек батшаһы юҡ ине. Уны Алла яратты һәм барлыҡ Исраилға батша итеп ҡуйҙы, әммә сит ер ҡатындары уны ла гонаһҡа батырҙы. Һеҙҙең ошондай ҙа ҙур золом ҡылыуығыҙҙы, сит ер ҡатындарын алып, Аллабыҙға хыянат итеүегеҙҙе ишетеү беҙгә аяныслы түгелме ни? Баш ҡаһин Әлйәшивтән тыуған Йоядағтың бер улы Хорон кешеһе Санбаллаттың кейәүе ине. Мин уны үҙемдең янымдан ҡыуып ебәрҙем. Эй Аллам! Ошо әҙәмдәрҙең ҡылығын иҫеңдә тот, сөнки улар ҡаһинлыҡҡа, ҡаһиндар һәм левиҙәр килешеүенә тап төшөрҙө. Бына шулай мин халыҡты сит ҡәүемдәргә хас бөтә нәмәнән таҙарындырҙым, ҡаһиндар һәм левиҙәрҙең һәр береһенә айырым вазифа йөкмәттем, билдәләнгән ваҡытта утын килтереүҙе һәм тәүге уңыш саҙаҡаларын биреүҙе юлға һалдым. Эй Аллам! Мине яҡшылыҡ менән иҫкә алһаң ине. Был ваҡиғалар Ахашверош батша – Һиндостандан алып Кушҡа тиклем йәйелгән йөҙ ҙә егерме ете өлкәгә хакимлыҡ иткән Ахашверош – заманында булды. Ул көндәрҙә Шушан ҡалаһындағы ҡәлғәлә батша тәхетендә ултырған Ахашверош батшалыҡ итеүенең өсөнсө йылында үҙенең вәзир-бәктәре һәм яҡындары өсөн мәжлес ойошторҙо. Фарсы һәм Мадайҙың ғәскәр башлыҡтары, юғары ҡатлам кешеләре, өлкә башлыҡтары батша мәжлесенә йыйылды. Батша уларға үҙ батшалығының зиннәтен һәм шөһрәтен, үҙ бөйөклөгөнөң киңлеген һәм хаттинлығын күрһәтеп йөрөнө. Йөҙ ҙә һикһән көнгә һуҙылды был сара. Был көндәр үткәс, батша Шушан ҡалаһының ҡәлғәһендә булған бөтә кешеләргә – олоһона ла, кесеһенә лә – батша һарайы баҡсаһында ете көнлөк мәжлес ҡорҙо. Баҡсала мәрмәр бағаналарға көмөш божралар ярҙамында ап-аҡ етен һәм ҡарағусҡыл ҡыҙыл йөн бәйҙәр менән йоҡа етен һәм зәңгәр йөн туҡыманан шаршау тартылған. Дивандар алтын һәм көмөштән, иҙәнгә порфир, мәрмәр, мәрүәт һәм аҫыл таштар түшәлгәйне. Эсемлектәр һәр төрлө алтын кәсәләрҙә бирелә, батшаның йомартлығы шул саҡлы ине – шарапты теләгәнеңсә эсергә була. Батша үҙ һарайындағы хеҙмәтселәренең барыһына ла: «Бер кемде лә ихтыярһыҙламаҫҡа, кем күпме теләй, шунса эсһен», – тип бойорғайны. Вашти батшабикә лә Ахашверош батша һарайында ҡатын-ҡыҙҙар өсөн айырым табын ҡорҙо. Етенсе көндө шараптан күңеле ирәйеп киткән Ахашверош батша үҙенә хеҙмәт иткән Меһуман, Биззета, Харвона, Бигҫа, Авагҫа, Зеҫар, Каркас исемле ете алашарға башына таж кейгән Ваштиҙы үҙ хозурына алып килергә бойорҙо. Ул батшабикәнең гүзәллеген халыҡҡа һәм вәзир-бәктәргә күрһәтергә теләгәйне, сөнки батшабикә, ысынлап та, ифрат сибәр ине. Ләкин Вашти батшабикә Ахашвероштың алашарҙар аша еткергән бойороғон үтәргә теләмәне, батша янына барыуҙан баш тартты. Батша быға бик ныҡ ярһыны, күңелендә асыу ҡайнаны. Батша нимә эшләргә кәрәклеген һорашып, аҡыл эйәләренә мөрәжәғәт итте – ғәҙәттә, ул ҡанундарҙы һәм хоҡуҡиәтте белгән кешеләр менән кәңәшләшер ине. Ул саҡта Каршена, Шеҫар, Адмаҫа, Таршиш, Мерес, Марсена һәм Мемухан батшаның иң яҡындары була торғайны. Батшалыҡта иң юғары урындарҙы биләгән был ете Фарсы һәм Мадай түрәһе батша янына инеү хоҡуғына эйә ине. Батша уларҙан: – Ахашверош батшаның алашарҙар аша әйттерелгән бойороғон һанға һуҡмаған Вашти батшабикәне ҡанун буйынса ни эшләтергә? – тип һораны. Мемухан батшаға һәм вәзир-бәктәргә былай тине: – Вашти батшабикә батша алдында ғына түгел, бәлки барлыҡ вәзир-бәктәр, шулай уҡ Ахашверош батшалығының барлыҡ өлкәләрендә йәшәгән бөтә халыҡтар алдында ғәйепле. Барса ҡатын-ҡыҙ батшабикәнең ҡылығы хаҡында белеп, ирҙәрен хөрмәт итеүҙән туҡтар. «Ахашверош батша Вашти батшабикәгә янына килергә бойорған, ә тегеһе килмәгән», – тиер. Батшабикәнең был ҡылығы хаҡында ишеткән юғары ҡатлам Фарсы һәм Мадай ҡатындары бөгөн үк шуны батшаның ҡул аҫтындағы бөтә түрәләргә әйтер – шул саҡта әҙәм оятына ҡалырһың, талаштан баш сыҡмаҫ. Әгәр ҙә батша хуп күрһә: «Вашти батшабикә бынан ары Ахашверош батша янына инмәһен», – тип үҙ исеменән бойороҡ сығарһын. Был бойороҡ Фарсы һәм Мадай ҡанундарына яҙылһын һәм башҡаса үҙгәртелмәһен. Батшабикәлек дәрәжәһен иһә батша Ваштиҙан алып яҡшыраҡ ҡатынға бирһен. Батша сығарған был фарманды бөтә бөйөк батшалыҡта уҡып ишеттергәс, юғары ҡатламда ла, түбәнендә лә бар ҡатындар ҙа үҙ ирҙәренә хөрмәт күрһәтер. Был һүҙҙәр батшаның да, вәзир-бәктәрҙең дә күңеленә хуш килде. Батша, Мемухандың кәңәшен тотоп, үҙенең барлыҡ биләмәләренә – һәр өлкәгә үҙ яҙмаһында, һәр халыҡҡа үҙ телендә хат-хәбәр ебәрҙе. Барлыҡ телдәрҙә: «Ир кеше үҙ өйөндә хужа булһын», – тип иғлан ителде. Бер аҙҙан, ярһыуы баҫыла төшкәс, Ахашверош батша Ваштиҙы иҫенә төшөрҙө – уның ҡылығы һәм уға ҡарата ниндәй ҡарар сығарылғаны уйына килде. Батшаға хеҙмәт иткән ярандары уға былай тине: – Батшаға йәш сибәр ҡыҙҙар эҙләһендәр. Батша үҙ батшалығының бөтә өлкәләренә ышаныслы кешеләр тәғәйенләһен. Улар барлыҡ йәш сибәр ҡыҙҙарҙы Шушандағы ҡәлғәгә, батша ҡатындары йәшәгән йортҡа һайлап алып килһен. Ҡыҙҙарҙы батша ҡатындарын бағыусы батша алашары Гегай хәстәрләһен. Ҡыҙҙарға биҙәнеү-матурланыу өсөн кәрәк булған бөтә нәмәләр бирелһен. Ҡыҙҙарҙың ҡайһыһы батшаға нығыраҡ оҡшай, шул Вашти урынына батшабикә булһын. Был һүҙҙәр батшаның күңеленә хуш килде һәм ул шулай эшләне. Ул осорҙа Шушандағы ҡәлғәлә Мордехай исемле бер йәһүд йәшәй ине. Ул, Бинйәмин ырыуынан булып, Ҡиштың улы Шимғиҙән тыуған Яирҙың улы. Ҡасандыр уны Бабил батшаһы Навуходоносор Йәһүҙә батшаһы Йехонъяһ һәм башҡа кешеләр менән бергә Йәрүсәлимдән һөргөнгә ҡыуып алып ҡайтҡан. Мордехай ағаһының үкһеҙ етем ҡалған ҡыҙы Һадассаны – уның икенсе исеме Эстер – тәрбиәләп үҫтергәйне. Эстер килеш-килбәте күркәм, төҫкә-башҡа сибәр ҡыҙ ине. Ата-әсәһе вафат булғас, Мордехай уны үҙ тәрбиәһенә алғайны. Батша бойороғо иғлан ителгәс, бик күп ҡыҙҙар Шушан ҡәлғәһенә йыйып килтерелеп, Гегай ҡарамағына тапшырылды. Шул ваҡытта Эстер ҙа һарайға алынды, батша ҡатындарын бағыусы Гегайҙың ҡул аҫтына бирелде. Был ҡыҙ Гегайҙың күңеленә хуш килеп, уның илтифатын яуланы. Гегай Эстерға шунда уҡ биҙәнеү-матурланыу өсөн еҫле майҙар һәм тейешле ризыҡ бирҙе, батша һарайынан уға хеҙмәт итергә лайыҡ ете ҡыҙ тәғәйенләне һәм хеҙмәтселәре менән бергә ҡатын-ҡыҙҙар йортоноң иң яҡшы бүлмәһенә урынлаштырҙы. Эстер бер кемгә лә үҙенең зат-ырыуы тураһында һөйләмәне, сөнки Мордехай был турала әйтергә ҡушмағайны. Мордехай иһә, Эстерҙың хәлен белешер өсөн, көн дә ҡатын-ҡыҙҙар йәшәгән йорт ихатаһы алдына килә торған булды. Һәр ҡыҙ, Ахашверош батша янына барырға сират еткәнсе, ун ике ай буйы әҙерләнә. Матурланыу ваҡыты шул саҡлыға һуҙыла: алты ай мирра майы, алты ай ҡатын-ҡыҙҙар өсөн махсус тәғәйенләнгән башҡа хуш еҫле майҙар менән һөртөнөргә кәрәк була. Батша янына барырға сираты еткән ҡыҙға, ҡатын-ҡыҙҙар йортонан батшаның һарайына барған саҡта, үҙе менән нимә теләй, шуны алырға рөхсәт ителә. Кис көнө ҡыҙ батша янына инә, иртәнсәк инде батша ҡатындары өсөн тәғәйенләнгән башҡа йортҡа, батшаның йәриәләр һаҡсыһы Шағашгаз алашар күҙәтеүе аҫтына килтерелә. Әгәр ҡыҙҙы батша бик үк оҡшатып бөтмәһә һәм исемен атап ҡабат саҡырмаһа, ул ҡыҙ батша янына бүтәнсә инә алмай. Батша янына барырға нәүбәт Мордехайҙың ағаһы Авихаилдың етем ҡалғас үҙе тәрбиәләп үҫтергән ҡыҙы Эстерға еткәс, Эстер батша ҡатындарын бағыусы батша алашары Гегай кәңәш иткәндән башҡа бер нәмә лә алманы. Эстерҙы күргән һәр кеше уға һоҡлана ине. Ахашверош батша хакимлығының етенсе йылында, тевеҫ тип аталған унынсы айҙа Эстерҙы батша һарайына алып килделәр. Батша Эстерҙы бүтән ҡатындарға ҡарағанда нығыраҡ яратты. Эстер башҡа бөтә ҡыҙҙарға ҡарағанда батшаның күңелен нығыраҡ биләне һәм илтифатын яуланы. Батша Эстерға батша тажы кейҙерҙе, уны Вашти урынына батшабикә итте. Ул Эстер хөрмәтенә үҙенең бөтә вәзир-бәктәре һәм яҡындары өсөн оло мәжлес ойошторҙо, бөтә өлкәләрҙә байрам иғлан итте һәм батшаларға хас йомартлыҡ менән бүләктәр таратты. Ҡыҙҙарҙы икенсе мәртәбә йыйған ваҡытта, Мордехай батша һарайының ҡапҡаһы янында ултыра ине. Эстер, Мордехай ҡушҡанса, үҙенең ниндәй ырыу-заттан икәнен һөйләмәне. Ул Мордехайҙы әле лә, уның тәрбиәһендә булған саҡтағы һымаҡ, тыңлай ине. Шулай итеп, Мордехай батша ҡапҡаһы янында ултырған саҡта, батшаның ишек һаҡсыһы булып хеҙмәт иткән ике алашар – Бигҫан менән Тереш, батшаға асыуланып, уға ҡул һалырға ниәтләне. Мордехай был турала белеп ҡалып, Эстер батшабикәгә еткерҙе, ә Эстер Мордехай исеменән бөтәһен дә батшаға һөйләп бирҙе. Эште тикшереп, бының ысын икәнен асыҡланылар һәм теге икәүҙе дарға аҫтылар. Быларҙың бөтәһе лә батшаның күҙ алдында батшалыҡтың йылъяҙмалар китабына теркәп ҡуйылды. Күпмелер ваҡыттан һуң, Ахашверош Агаг нәҫеленән Һаммедаҫа улы Һаманды үрләтеп ебәрҙе, уның урынын үҙенең хеҙмәтендәге бөтә түрәләрҙекенән өҫтөнөрәк ҡуйҙы. Батша бойороғона күрә батша һарайының ҡапҡаһы янында булған барлыҡ һарай әһелдәре Һаман алдында теҙ сүгеп, йөҙҙәре менән ергә ҡапланыр ине. Ә Мордехай теҙ ҙә сүкмәне, йөҙтүбән ергә лә ҡапланманы. Батша ҡапҡаһы янында булған һарай әһелдәре Мордехайҙан: – Ниңә һин батша бойороғон һанға һуҡмайһың? – тип һорар ине. Улар көн дә шул һорауҙы ҡабатлай, ләкин Мордехай быға әһәмиәт бирмәй. Шунан улар, Мордехай үҙ һүҙендә торормо-юҡмы икәнен белергә теләп, был хаҡта Һаманға еткерҙе, сөнки Мордехай уларға үҙенең йәһүд икәнен һөйләгәйне инде. Һаман, Мордехайҙың үҙе алдында теҙ сүкмәгәнен һәм йөҙтүбән ергә ҡапланмағанын күреп, бик ҡаты асыуланды. Әммә бер Мордехайҙан ғына үс алыуҙы үҙе өсөн түбәнселек һананы. Ул, Мордехайҙың ҡайһы халыҡтан булғанын белеп, Ахашверош батшалығындағы барлыҡ йәһүдтәрҙе, йәғни Мордехайҙың халҡын, юҡ итергә ниәтләне. Ахашверош хакимлығының ун икенсе йылында, беренсе ай булған нисан айында, Һаман алдында көн һәм айҙы билдәләр өсөн, «пур», йәғни йәрәбә һалдылар. Йәрәбә ун икенсе ай булған адар айына төштө. Һаман Ахашверош батшаға: – Һинең батшалығыңдың бөтә өлкәләрендәге башҡа халыҡтар араһына һибелеп таралған, ләкин уларҙан айырым йәшәгән халыҡ бар. Уларҙың ҡанундары бүтән халыҡтарҙыҡына оҡшамаған, улар батша ҡанундарын да үтәмәй. Батшаға бының менән килешеп йәшәү ярай торған эш түгел. Әгәр батша хуш күрһә, уларҙы юҡ итеү тураһында фарман сығарһын. Мин ун мең талант көмөштө ҡаҙнасылар ҡулына алып барып бирермен. Улар был көмөштө батшабыҙ ҡаҙнаһына тапшырыр, – тине. Батша бармағынан мөһөр йөҙөгөн сисеп, йәһүдтәрҙең дошманына – Агаг нәҫеленән булған Һаммедаҫа улы Һаманға бирҙе. Батша Һаманға: – Көмөшөң үҙеңдә ҡалһын, ә был халыҡ менән йәнең нисек теләй, шулай эшлә, – тине. Тәүге айҙың ун өсөнсө көнөндә батша кәтиптәре саҡырылды. Һамандың әмере, һәр өлкәнең үҙ яҙмаһында, һәр халыҡтың үҙ телендә яҙылып, батша һанаттарына, бөтә өлкәләрҙең башлыҡтарына һәм барлыҡ халыҡтарҙың хакимдарына ебәрелде. Был әмер Ахашверош батшаның исеменән яҙылды һәм уның мөһөр йөҙөгө менән раҫланды. Батшаның бөтә өлкәләренә сапҡындар менән ошо бойороҡ оҙатылды. Унда, олоһонан алып кесеһенә тиклем, балалары һәм ҡатындары менән бергә бер көндә, ун икенсе айҙың, йәғни адар айының ун өсөнсө көнөндә, бөтә йәһүдтәрҙе ҡырырға, үлтерергә һәм юҡ итергә, ә мөлкәттәрен талап алырға ҡушылғайны. Ҡанун көсөнә эйә булған был фармандың күсермәһе, барлыҡ халыҡтар был көнгә әҙер торһон өсөн, бөтә өлкәләр буйлап иғлан ителергә тейеш ине. Сапҡындар батшаның бойороғо менән кисекмәҫтән юлға сыҡты һәм фарман Шушан ҡәлғәһендә иғлан ителде. Батша менән Һаман шарап эсергә ултырҙы, ә ҡала халҡы аптырап ҡалды. Мордехай был хаҡта белгәс, өҫтөндәге кейемен йыртып ташланы ла, тупаҫ туҡымаға төрөнөп, башына көл һибеп, ҡысҡырып илай-илай ҡала урамдары буйлап китте. Ул, батша һарайының ҡапҡаһы янына килеп еткәс, туҡтап ҡалды, сөнки тупаҫ туҡымаға төрөнгән килеш эскә инергә ярамай ине. Батша фарманы һәм ҡарары ҡайһы өлкәгә генә килмәһен, бөтә ерҙә лә йәһүдтәр тәрән ҡайғыға төштө, ураҙа тотоп, әсе күҙ йәштәре түкте, күбеһе тупаҫ туҡымаға төрөнөп көлдә ятты. Эстерҙың хеҙмәтсе ҡыҙҙары һәм алашарҙары килеп, уға Мордехай хаҡында һөйләп бирҙе. Батшабикә бик хәүефләнеп, Мордехайға тупаҫ туҡыма урынына бүтән кейем ебәрҙе, ләкин Мордехай уны кейеүҙән баш тартты. Шунан һуң Эстер, батша тарафынан үҙенә беркетелгән алашарҙарҙың береһе Һаҫахты саҡырып алып, Мордехай менән ни булғанын, уның ни өсөн шулай эшләгәнен белешергә ебәрҙе. Һаҫах батша һарайының ҡапҡаһы алдындағы ҡала майҙанына Мордехай янына сыҡты. Мордехай Һаҫахҡа үҙе менән ни булғанын һөйләп бирҙе һәм Һамандың йәһүдтәрҙе ҡырыу өсөн батша ҡаҙнаһына күпме көмөш вәғәҙә иткәнен әйтте. Ул йәһүдтәрҙе ҡырыу тураһында Шушанда иғлан ителгән фармандың күсермәһен Һаҫахҡа бирҙе, уны Эстерға күрһәтергә һәм барыһын да төшөндөрөргә ҡушты: әйҙә Эстер батша янына инһен, халҡы өсөн ялбарып мәрхәмәтен һораһын. Һаҫах әйләнеп килеп, Эстерға Мордехайҙың һүҙҙәрен тапшырҙы. Эстер ҙа Һаҫах аша Мордехайға былай тип әйтергә ҡушты: – Батшаның бар хеҙмәтселәре һәм батша өлкәләрендәге барлыҡ халыҡтар белә: әгәр ҙә берәй кеше, ирме ул, ҡатын-ҡыҙмы, саҡырылмайынса батша янына, эске ихатаға инһә, уны, ҡанунға ярашлы, үлем язаһы көтә. Бары тик батша уның яғына төбәп алтын таяғын һуҙһа ғына, теге кеше иҫән ҡала. Ә минең утыҙ көн инде батша янына саҡырылғаным юҡ. Эстерҙың был һүҙҙәрен Мордехайға еткерҙеләр. Мордехай Эстерға былай тип еткерергә ҡушты: – Унда, батша һарайында, йәһүдтәрҙән бер үҙем генә иҫән ҡалырмын, тип уйлама. Шундай көндә өндәшмәй ҡалһаң, йәһүдтәргә ярҙам һәм ҡотолоу икенсе яҡтан килер, ә һин һәләк булырһың, һинең менән бергә ата йортоң ҡорор. Кем белә, бәлки, һин тап ошондай ваҡыт өсөн батшабикә булғанһыңдыр. Быға яуап итеп Эстер Мордехайға: – Бар, Шушанда булған бөтә йәһүдтәрҙе йый ҙа өс көн, өс төн ашамай-эсмәй минең өсөн ураҙа тотоғоҙ. Мин дә хеҙмәтсе ҡыҙҙарым менән бергә шул рәүешле ураҙа тотормон, шунан, ҡанунға ҡаршы килеп булһа ла, батша янына барырмын. Үлергә яҙһа – үлермен, – тип әйтергә ҡушты. Мордехай бынан китеп, бөтәһен дә Эстер ҡушҡанса эшләне. Өсөнсө көнөнә Эстер, батшабикә кейемен кейеп, батша һарайының эске ихатаһына, тәхет залы ҡаршыһына килеп баҫты. Был мәлдә батша залдың ишегенә ҡаршы урынлашҡан тәхетендә ултыра ине. Батша Эстер батшабикәнең ихатала баҫып торғанын күргәс, күңелендә уға ҡарата мәрхәмәт уянды. Ул ҡулындағы алтын таяғын Эстерға табан һуҙҙы. Эстер яҡын килеп, таяҡтың осона ҡағылды. Батша уға: – Ни булды, Эстер батшабикә? Ниндәй үтенесең бар? Батшалығымдың яртыһын һораһаң да бирәм, – тип мөрәжәғәт итте. Эстер: – Әгәр ҙә батша рәхим итеп риза булһа, бөгөн мин уның хөрмәтенә ойошторған табынға килһен, үҙе менән Һаманды ла алһын, – тине. – Тиҙ генә бында Һаманды саҡырығыҙ, әйҙә, Эстер нисек теләй, шулай булһын, – тине батша. Батша менән Һаман Эстер ойошторған табынға килде. Шарап эсеп алғас, батша Эстерға: – Ниндәй үтенесең бар? Барыһы ла булыр. Нимә теләйһең? Батшалығымдың яртыһын һораһаң да бирәм, – тине. Эстер былай тип яуапланы: – Теләгем менән үтенесем шул: әгәр ҙә мин батшаның күңеленә хуш булһам, әгәр ҙә батша мин һорағанды эшләргә, минең үтенесемде үтәргә рәхим итеп риза булһа, батша Һаман менән иртәгә лә мин улар өсөн ойошторған табынға килһен. Шул саҡта батшаның һорауына яуап бирермен. Ул көндө Һаман табындан ҡәнәғәт булып, ҡыуанып сыҡты. Ләкин, батша һарайының ҡапҡаһы төбөндә Мордехайҙы күргәс, тегеһе уның алдында тороп баҫыу ғына түгел, хатта һелкенмәгәс тә, Һамандың Мордехайға асыуы ҡайнаны. Шулай ҙа быны һиҙҙермәне, өйө яғына ыңғайланы. Дуҫтары менән ҡатыны Зерешты саҡырып, Һаман уларға үҙенең һанһыҙ байлығы, улдарының күплеге, батшаның уны нисек юғары күтәреүе, башҡа түрәләрҙән һәм хеҙмәтселәрҙән өҫтөн ҡуйыуы тураһында маҡтанып һөйләне. Тағы ла ул былай тине: – Бына Эстер батшабикә лә ойошторған табынына батша менән барыу өсөн минән башҡа берәүҙе лә лайыҡ күрмәне! Иртәгә лә ул мине батша менән бергә табынға саҡырҙы. Әммә батша ҡапҡаһы төбөндә йәһүд Мордехайҙы күрһәм, былар бөтәһе лә минең өсөн ҡиммәтен юғалта. Ҡатыны Зереш менән бөтә дуҫтары Һаманға былай тип кәңәш бирҙе: – Бейеклеге илле терһәк булған дар ағасы ҡуйҙыр ҙа иртәгә батшанан Мордехайҙы шунда аҫып ҡуйыуын һора. Шунан инде күңелең булып, батша менән табынға барырһың. Һаманға был һүҙҙәр оҡшап ҡалды, һәм ул дар ағасы яһатты. Ул төндө батша оҙаҡ ҡына йоҡлай алмай ятты. Ул батшалыҡтағы иҫтәлекле ваҡиғалар теркәлгән йылъяҙмалар китабын килтертеп, ҡысҡырып уҡырға бойорҙо. Унда Мордехайҙың Ахашверош батшаны үлтерергә ниәтләгән теге ике алашарҙы – ишек һаҡсыһы булып хеҙмәт иткән Бигҫан менән Терешты – фашлағаны хаҡында ла яҙылғайны. Батша: – Бының өсөн Мордехайға ниндәй хөрмәт күрһәтелде, уны берәй төрлө ҙурланылармы? – тип һораны. Батша хеҙмәтендә тороусылар уға: – Юҡ, уға бер нәмә лә эшләнмәне, – тип яуап бирҙе. Батша: – Ишек алдында кем бар? – тип һораны. Был ваҡытта Һаман батша һарайының эске ихатаһына үҙе әҙерләткән дар ағасына Мордехайҙы аҫтырыу тураһында батша менән һөйләшергә килгәйне. Хеҙмәтселәр батшаға: – Ишек алдында Һаман тора, – тип яуапланы. Батша: – Бында керһен, – тине. Һаман ингәс, батша унан: – Хөрмәт күрһәтергә теләгән кешеһе өсөн батша нимә эшләй ала? – тип һораны. Һаман: «Батша минән башҡа кемгә хөрмәт күрһәтергә теләһен?» – тип уйланы. Батшаға яуап итеп ул: – Батша хөрмәт күрһәтергә теләй икән, әйҙә былай ителһен: батша үҙе кейә торған кейем, батша менеп йөрөй торған һәм башына батша тамғаһы беркетелгән ат килтерелһен. Был кейем һәм ат батшаның иң затлы түрәләренең берәүһенә бирелһен. Ә ул был кейемде батша хөрмәт күрһәтергә теләгән теге кешегә кейҙерһен, атҡа атландырһын да атты ҡала майҙаны буйлап йөрөтһөн, үҙе: «Хөрмәтләргә теләгән кешеһен батша бына нисек бүләкләй!» тип һөрәнләһен, – тине. Батша Һаманға: – Тиҙ генә үҙең әйткән кейем менән атты ал да батша ҡапҡаһы төбөндә ултырған йәһүд Мордехай өсөн шуларҙың бөтәһен дә эшлә. Барыһын да үҙең әйткәнсә эшлә, береһен дә ҡалдырма, – тине. Һаман кейем менән атты алып, Мордехайҙы кейендерҙе лә, уны атҡа атландырып, ҡала майҙаны буйлап йөрөттө, үҙе: «Хөрмәтләргә теләгән кешеһен батша бына нисек бүләкләй!» – тип һөрәнләне. Мордехай аҙаҡтан батша ҡапҡаһы төбөнә әйләнеп килде, ә Һаман, оятынан башын ҡаплап, өйөнә ашыҡты. Ул ҡатыны Зерешҡа һәм барлыҡ дуҫтарына үҙе менән ни булғанын һөйләп бирҙе. Аҡыл биреүсе дуҫтары менән ҡатыны Зереш уға: – Әгәр ҙә һинең түбән тәгәрәүеңә сәбәп булған Мордехай йәһүдтәр затынан икән, һинең уға ҡаршы торорға көсөң етмәҫ, еңелерһең, – тинеләр. Улар шулай һөйләшеп тә бөтмәне, батша алашарҙары Һаманды ҡабаландырып Эстер ойошторған табынға алып китте. Батша менән Һаман йәнә Эстер батшабикәнең табынына килде. Әүәлге көндәгесә, шарап эсеп алғас, батша Эстерға: – Ниндәй үтенесең бар, Эстер батшабикә? Барыһы ла булыр. Нимә теләйһең? Батшалығымдың яртыһын һораһаң да бирәм, – тине. Эстер батшабикә былай тип яуапланы: – Әгәр ҙә мин батшаның күңеленә хуш килһәм, эй батшам, әгәр ҙә батша рәхим итеп минең үтенесемде үтәр булһа, минең ғүмеремде һаҡлаһын – бына мин унан нимә һорайым. Минең халҡымды һаҡлаһын – бына мин нимә хаҡында ялбарам. Сөнки һатылғанбыҙ беҙ – мин дә, минең халҡым да – ҡырылыуға, юҡ ителеүгә, һәләкәткә дусар ителгәнбеҙ! Әгәр ҙә беҙҙе ҡоллоҡҡа һатһалар, ҡол һәм ҡолиәләр итһәләр – ауыҙ ҙа асмаҫ инем, бындай аҙап өсөн батшаны борсоуҙы кәрәк тип тапмаҫ инем. Ахашверош батша Эстер батшабикәнән: – Быны эшләргә батырсылығы еткән кем ул? Ҡайҙа ул? – тип һораша башланы. Эстер: – Беҙҙе күрә алмаған яуыз дошманыбыҙ – ошо бәдбәхет Һаман ул! – тип яуап ҡайтарҙы. Батша менән батшабикә алдында Һамандың ҡото алынды. Батша ярһып табындан тороп китте лә һарай баҡсаһына сыҡты, ә Һаман, Эстер батшабикәнән ғүмерен өҙмәүен ялбарыр өсөн, эстә ҡалды: ул батшаның ҡәтғи ҡарарға килгәнен аңлағайны. Батша баҡсанан табын янына әйләнеп инеүгә, Һамандың Эстерҙың диванына йөҙө менән ҡапланған булыуын күрҙе. Батша: – Етмәһә, минең күҙ алдымда, минең йортомда батшабикәгә ҡағылырға итәһеңме? – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Батшаның әйтеүе булды – Һамандың йөҙөн ҡапланылар. Батшаға хеҙмәт иткән алашарҙарҙың береһе Харвона: – Ана унда, Һамандың өйө эргәһендә, илле терһәк бейеклегендәге дар ағасы тора. Быны Һаман, батшаны иҫкәртеп, ғүмерен һаҡлап ҡалған Мордехайҙы аҫып ҡуйыр өсөн әҙерләткән, – тине. Батша: – Шунда үҙен аҫып ҡуйығыҙ! – тип бойорҙо. Һамандың Мордехай өсөн әҙерләткән дар ағасына уның үҙен аҫып ҡуйҙылар. Шунан һуң батшаның асыуы баҫылды. Шул көндө Ахашверош батша Эстер батшабикәгә йәһүдтәрҙең дошманы булған Һамандың бөтә мал-мөлкәтен бирҙе. Мордехай иһә батша алдына килеп баҫты – Эстер уның үҙенә кем булғанын һөйләгәйне. Батша Һамандан систереп алған мөһөр йөҙөгөн, бармағынан сисеп, Мордехайға тапшырҙы. Эстер Мордехайҙы Һамандың мал-мөлкәтенә идара итергә тәғәйенләне. Эстер йәнә батшаға мөрәжәғәт итте: уның аяғына йығылып, күҙ йәштәре аша батшанан Агаг нәҫеленән булған Һамандың йәһүдтәргә ҡаршы ҡорған залим ниәтенә юл ҡуймауын ялбарҙы. Батша Эстерға алтын таяғын һуҙҙы. Эстер тороп баҫты ла батша алдына килеп: – Әгәр ҙә батша мәғҡул күрһә, мин уның мәрхәмәтен ҡаҙанған булһам, был эште батша дөрөҫ тип тапһа һәм мине хуш күрһә, Агаг нәҫеленән булған Һаммедаҫа улы Һамандың батшаның бөтә өлкәләрендә йәшәгән йәһүдтәрҙе ҡырып бөтөү өсөн яҙған хаттарын юҡҡа сығарыу тураһында фарман яҙылһын ине. Халҡымдың өҫтөнә ябырылған был афәткә нисек түҙәйем дә, ырыуымдың юҡҡа сығыуына нисек битараф ҡалайым? – тине. Ахашверош батша Эстер батшабикә менән йәһүд Мордехайға: – Мин Һамандың барлыҡ мал-мөлкәтен Эстерға бирҙем. Һамандың үҙен йәһүдтәргә ҡул һалырға ниәтләгәне өсөн дар ағасына аҫтырып ҡуйҙым. Инде батша исеменән йәһүдтәргә ҡағылышлы үҙегеҙ теләгән бойороҡто яҙығыҙ ҙа уға батшаның мөһөр йөҙөгөн баҫығыҙ. Батша исеменән яҙылған һәм батша йөҙөгө менән мөһөр һуғылған ҡарарҙы һис кем юҡҡа сығара алмай, – тине. Өсөнсө айҙың, йәғни сиуан айының егерме өсөнсө көнөндә батша кәтиптәре саҡырылды. Һиндостандан алып Кушҡа тиклем бөтә йөҙ ҙә егерме ете өлкәләге йәһүдтәргә, шулай уҡ батша һанаттарына, урындағы идарасыларға һәм өлкә түрәләренә тәғәйенләп, урындағы яҙма менән һәр халыҡҡа үҙ телендә, йәһүдтәргә лә уларҙың яҙмаһында һәм үҙ телендә тап Мордехай бойорғанса яҙылды. Ахашверош батша исеменән яҙылған был хаттар, батша йөҙөгө менән мөһөрләнгәндән һуң, батшаның йылҡы өйөрөндәге иң саптар аттарға атланған сапҡындары менән оҙатылды. Батша был бойороғо менән һәр ҡалала йәшәгән йәһүдтәргә йыйылып үҙ йәндәрен һаҡларға – уларға ҡорал менән һөжүм иткән һәр ҡәүемде бөтә өлкәләрҙә бала-сағаһы һәм ҡатындары менән бергә үлтерергә, ҡырып бөтөрөргә, юҡ итергә, мөлкәттәрен талап алырға хоҡуҡ бирҙе. Ахашверош батшаның барлыҡ өлкәләрендә бының өсөн бер генә көн – ун икенсе ай – адар айының ун өсөнсө көнө билдәләнде. Шул көндө, йәһүдтәр дошмандарынан үс алырға әҙер булып торһон өсөн, ҡанун көсөнә эйә булған был фармандың күсермәһе бөтә өлкәләрҙә, барлыҡ халыҡтарға иғлан ителергә тейеш ине. Батшаның саптар аттарына атланған сапҡындар батша бойороғо менән кисекмәҫтән юлға сыҡты. Фарман Шушан ҡәлғәһендә лә уҡып ишеттерелде. Мордехай батша янынан башында ҙур алтын таж, батшаныҡы һымаҡ зәңгәр һәм аҡ кейем, ҡарағусҡыл ҡыҙыл төҫтәге нәфис етен ябынса менән сыҡты. Шушан ҡалаһы ҡыуаныстан геү килде. Йәһүдтәрҙең йөҙҙәре яҡты һәм шат, күңелле һәм тантаналы ине. Батша бойороғо менән был фарман ҡайһы өлкәгә, ҡайһы ҡалаға ғына килмәһен, һәр ерҙә йәһүдтәр шатланды, күңел асты, мәжлес һәм байрам ойошторҙо. Был илдәге халыҡтар араһынан күптәр йәһүҙилеккә күсте, сөнки уларҙы йәһүдтәр алдында ҡурҡыу биләп алғайны. Ун икенсе ай – адар айының ун өсөнсө көнөндә батша фарманы һәм бойороғон үтәр көн килеп етте. Был көндө дошмандары йәһүдтәрҙән өҫтөнлөк алырға өмөтләнгәйне лә, киреһенсә килеп сыҡты, йәһүдтәр, үҙҙәрен күрә алмағандар өҫтөнән еңеү ҡаҙанды. Был көндө йәһүдтәр үҙҙәренә ҡаршы золом ҡылырға ниәтләнгән кешеләргә һөжүм итер өсөн, Ахашверош батшаның барлыҡ өлкәләрендә үҙҙәре йәшәгән ҡалаларҙа йыйылды. Йәһүдтәргә бер кем дә ҡаршы тора алманы, сөнки барлыҡ халыҡтарҙы уларҙан ҡурҡыу тойғоһо солғап алғайны. Бөтә өлкәләрҙең түрәләре, батша һанаттары, өлкә башлыҡтары һәм батша хеҙмәткәрҙәре, Мордехайҙан ҡурҡып, йәһүдтәрҙе яҡлап сыҡты. Мордехай батша һарайында ҡеүәтле кешегә әйләнде, шөһрәте бөтә өлкәләргә таралды. Мордехайҙың абруйы торған һайын арта барҙы. Йәһүдтәр бөтә дошмандарын ҡылыстан үткәрҙе, үлтерҙе, ҡырып һалды. Үҙҙәренә нәфрәт тотҡандар менән нисек теләйҙәр, шулай эшләнеләр. Шушан ҡәлғәһендә йәһүдтәр биш йөҙ кешене үлтереп юҡ итте. Ул көндө Шушан ҡәлғәһендә үлтерелгәндәрҙең һаны тураһында батшаға хәбәр ителде. Батша Эстер батшабикәгә: – Шушан ҡәлғәһендә йәһүдтәр биш йөҙ кешене, шул иҫәптән Һамандың ун улын үлтереп юҡ иткән. Улар батшаның бүтән өлкәләрендә нимәләр ҡылды икән? Тағы ниндәй теләгең бар? Һорағаныңдың бөтәһен дә алырһың. Ниндәй үтенесең бар? Бөтәһе лә үтәлер, – тине. Эстер: – Әгәр ҙә батша рәхим итеп рөхсәт бирһә, Шушандағы йәһүдтәргә иртәгә лә бөгөнгө бойороҡ буйынса эш итергә мөмкин булһын, ә Һамандың ун улының кәүҙәһе дар ағасына аҫып ҡуйылһын ине, – тип яуапланы. Батша был теләкте лә үтәргә бойорҙо. Шушанда йәнә фарман иғлан ителде. Һамандың ун улының кәүҙәһе дарға аҫып ҡуйылды. Шушанда йәшәгән йәһүдтәр адар айының ун дүртенсе көнөндә йәнә йыйылып, ҡалала тағы өс йөҙ кешене юҡ итте, ләкин уларҙың мал-мөлкәтенә ҡул һуҙманы. Батшаның өлкәләрендә йәшәгән ҡалған йәһүдтәр ҙә, үҙ ғүмерҙәрен һаҡлар һәм дошмандарынан арыныр өсөн, бергә йыйылып етмеш биш мең дошманын юҡ итте, ләкин уларҙың мал-мөлкәтенә ҡул һуҙманы. Был адар айының ун өсөнсө көнөндә булды, ә ун дүртендә улар ял итте – был көн мәжлес һәм ҡыуаныс көнө булды. Шушанда йәшәгән йәһүдтәр ун өсөнсө һәм ун дүртенсе көндә йыйылды, ә ун бишенсеһендә ял итте – был көн уларҙың мәжлес һәм ҡыуаныс көнө булды. Бына шуға күрә лә ауыл-ҡалаларҙа йәшәүселәр адар айының ун дүртенсе көнөн байрам көнө итеп билдәләй. Был көндө улар шатланышып мәжлес йыя, бер-береһенә күстәнәс ебәрешә. Мордехай был хәлдәр тураһында яҙып, Ахашверош батшаның яҡындағы һәм алыҫтағы бөтә өлкәләрендә йәшәгән барлыҡ йәһүдтәргә хат ебәрҙе. Унда йәһүдтәргә адар айының ун дүртенсе һәм ун бишенсе көндәрен йыл һайын билдәләргә бойоролдо. Сөнки ошо көндәрҙә йәһүдтәр дошмандарынан арынды, ошо айҙа ҡайғы – шатлыҡҡа, ә хәсрәт байрамға әйләнде. Мордехай: «Был көндәр мәжлес һәм ҡыуаныс көндәре булһын, бер-берегеҙгә күстәнәс ебәрешеп, фәҡирҙәргә бүләк таратығыҙ», – тип яҙғайны. Шул саҡтан алып йәһүдтәр, Мордехайҙың яҙғанын ҡабул итеп, үҙҙәре башлағанды йолаға әйләндерҙе. Сөнки Агаг нәҫеленән Һаммедаҫа улы Һаман, йәһүдтәрҙе ҡырып бөтөрөргә ниәтләнеп, уларҙы еңер һәм юҡ итер өсөн, «пур», йәғни йәрәбә һалғайны. Ләкин Эстер батша янына кергәс, тегеһе фарман сығарҙы һәм Һамандың йәһүдтәргә ҡаршы яуыз уйы үҙ башына төштө: Һаманды улдары менән бергә дар ағасына аҫып ҡуйҙылар. Шуға ла был көндәр «пур» һүҙенән Пурим тип атала. Шулай итеп, йәһүдтәр Мордехайҙың хатында яҙылғандарҙы, үҙ күҙҙәре менән күргәндәрҙе һәм үҙҙәре менән булған хәлдәрҙе иҫтә тотоп, үҙҙәре киләсәк быуындар һәм уларға ҡушылған бөтә кешеләр өсөн шундай йола урынлаштырҙы һәм был ике көндө, яҙып ҡуйылғанса, йыл һайын тәғәйен ваҡытта билдәләргә ҡарар итте. Был көндәрҙе бөтә өлкәләрҙә, һәр бер ҡалала һәр ғаилә хәтерҙә тоторға һәм байрам итергә, Пурим көндәре йәһүдтәр араһында ғәмәлдән сыҡмаҫҡа, был көндәр тураһында иҫтәлек киләсәк быуындар хәтерендә лә һаҡланырға тейеш булды. Авихаил ҡыҙы Эстер батшабикә, йәһүд Мордехай менән бергә, үҙҙәренең яҙма бойороғо аша Пуримды байрам итеү тураһында ошо икенсе хатты раҫланы. Мордехай Ахашверош батшалығының йөҙ ҙә егерме ете өлкәһендә йәшәгән барлыҡ йәһүдтәргә тыныслыҡ һәм именлек теләктәре менән тулы хаттар ебәрҙе. Йәһүдтәр үҙҙәре һәм тоҡомдары өсөн ураҙа тотоу һәм ҡайғы көндәрен билдәләп ҡуйған һымаҡ, йәһүд Мордехай менән Эстер батшабикә уларға яҙғанса, Пурим көндәре лә тәғәйен ваҡытта үткәрелергә тейеш ине. Пурим байрамы тураһындағы ҡағиҙәләр, Эстерҙың бойороғо менән раҫланып, китапҡа яҙып ҡуйылды. Ахашверош батша бөтә илендә, диңгеҙ ярҙарында йәшәүселәргә тиклем, һалым индерҙе. Уның бөтә данлы һәм ҡаһарман эштәре, Мордехайҙы ниндәй үрҙәргә күтәреүе – бөтәһе лә Мадай һәм Фарсы батшаларының йылъяҙмалар китабына яҙылған. Йәһүд Мордехай дәүләттә Ахашверош батшанан ҡала икенсе кеше булды. Йәһүдтәрҙең иң бөйөгө булған, күп һанлы ырыуҙаштарының тәрән ихтирамын яулаған Мордехай үҙ халҡының именлеген ҡайғыртты, тоҡомоноң яҡлаусыһы булды. Ғус ерендә Әйүп тигән кеше йәшәгәйне. Ул камил, намыҫлы, Алланан ҡурҡҡан, яуызлыҡтан йыраҡ торған бер әҙәм ине. Уның ете улы, өс ҡыҙы бар ине. Ул ете мең баш ваҡ малға, өс мең дөйәгә, биш йөҙ пар екке үгеҙгә, биш йөҙ инә ишәккә һәм бик күп хеҙмәтселәргә хужа булып, Шәреҡтә йәшәгәндәр араһында иң бөйөк кеше ине. Улдары сиратлап өйҙәрендә табын ҡора, бергә ашап-эсеп ултырырға ҡыҙ туғандарын да саҡыра торғайны. Мәжлес көндәре тамамланғас, Әйүп, балаларын саҡырып, пакланыу йолаһын атҡара. Иртән иртүк уларҙың һәр береһе өсөн тотош яндырыу ҡорбаны килтерә, сөнки: «Балаларымдың, күңелдәрендә Алланы хурлап, гонаһ ҡылған булыуҙары мөмкин», – тип фекер йөрөтә ине. Әйүп гел генә шулай эшләне. Бер көндө илаһи заттар Раббы хозурына килде. Уларҙың араһында шайтан да бар ине. Раббы шайтандан: – Һин ҡайҙан килдең? – тип һораны. – Ер йөҙөнөң бер яғынан икенсе яғына йөрөп, урап сыҡтым, – тип яуап ҡайтарҙы шайтан. – Ҡолом Әйүпкә иғтибар иттеңме? – тип һораны Раббы. – Ер йөҙөндә уның кеүек башҡа һис кем дә юҡ. Ул камил һәм намыҫлы, Алланан ҡурҡҡан, яуызлыҡтан йыраҡ торған кеше. Шайтан Раббыға: – Әйүп Алланан буштан-бушҡа ҡурҡамы ни? – тип яуапланы. – Уның үҙен, ғаиләһен, бар мөлкәтен ҡамалап тормайһыңмы ни? Ҡылған һәр эшенә фатиха бирәһең. Ҡара, уның мал-тыуары бөтә илгә йәйелгән. Әммә ҡулыңды һуҙып бөтә нәмәһен тартып ал әле – йөҙөңә ҡарап Һиңә ҡарғыш яуҙырасаҡ. Раббы шайтанға былай тине: – Ярай, уның бар булғаны һинең ҡулыңда. Фәҡәт үҙенә генә ҡағылаһы булма. Шунан шайтан Раббы янынан китеп барҙы. Бер көндө Әйүптең улдары менән ҡыҙҙары өлкән ағаларының өйөндә һыйланып, шарап эсеп ултыра ине. Бер сапҡын килеп Әйүпкә: – Үгеҙҙәр ер һөрә, яҡында ишәктәр утлап йөрөй ине. Ҡапыл шевалар һөжүм итеп, бөтә малдарҙы ҡыуып алып китте, ә хеҙмәтселәреңде ҡылыстан үткәрҙе. Мин бер үҙем ҡасып ҡотолдом, һиңә хәбәр алып килдем, – тине. Ул ошоларҙы әйтеп тә өлгөрмәне, икенсе сапҡын килеп, былай тине: – Күктән Алланың уты төштө лә ҡуйҙарың менән көтөүселәреңде яндырып бөтөрҙө. Мин бер үҙем ҡотолдом, һиңә хәбәр алып килдем. Ул ошоларҙы әйтеп тә өлгөрмәне, йәнә бер сапҡын килеп, былай тине: – Өс яҡтан халдейҙар һөжүм итеп, дөйәләрҙе ҡыуып алып китте, хеҙмәтселәреңде ҡылыстан үткәрҙе. Мин бер үҙем ҡотолдом, һиңә хәбәр алып килдем. Ул ошоларҙы әйтеп тә өлгөрмәне, йәнә бер сапҡын килеп, былай тине: – Улдарың менән ҡыҙҙарың өлкән ағаларының өйөндә һыйланып, шарап эсеп ултыра ине. Ҡапыл сүлдән көслө дауыл ябырылды ла өйҙө дүрт мөйөшөнән ҡутарып алды. Йорт балаларыңдың өҫтөнә емерелеп төштө; бөтәһе лә вафат булды. Мин бер үҙем ҡотолдом, һиңә хәбәр алып килдем. Әйүп торҙо ла ҡайғыһынан сапанын йыртып ташланы, сәсен ҡырҙы ла ергә йөҙтүбән ҡапланды. Ул былай тине: «Әсәм ҡарынынан шыр яланғас сыҡҡанмын, Шыр яланғас китәсәкмен. Биргән дә Раббы, алған да Раббы, Раббы исеменә шөкөрана булһын!» Ошо хәлдәрҙән һуң да Әйүп гонаһ ҡылманы – Аллаға ғәйеп ташламаны. Бер көндө илаһи заттар тағы Раббы хозурына килде. Уларҙың араһында шайтан да бар ине. Раббы шайтандан: – Һин ҡайҙан килдең? – тип һораны. – Ер йөҙөнөң бер яғынан икенсе яғына йөрөп, урап сыҡтым, – тип яуап ҡайтарҙы шайтан. Раббы шайтандан: – Ҡолом Әйүпкә иғтибар иттеңме? – тип һораны. – Ер йөҙөндә уның кеүек башҡа бер кем дә юҡ. Ул камил һәм намыҫлы, Алланан ҡурҡҡан, яуызлыҡтан йыраҡ торған кеше. Һин Мине ғәйепһеҙҙән уны һәләк итергә ҡотортһаң да, ул һаман намыҫлы булып ҡала. – Тире урынына тире! – тип яуапланы шайтан. – Йәнен һаҡлап ҡалыр өсөн әҙәм бер нәмәһен дә ҡыҙғанмай. Ҡулыңды һуҙ ҙа уның ите менән һөйәгенә ҡағыл әле – ул, һис шикһеҙ, күҙ алдында Һиңә ҡарғыш яуҙырасаҡ. – Ярай, – тине Раббы шайтанға. – Ул һинең ҡулыңда. Тик йәнен генә алма. Шунан шайтан Раббы янынан сығып китте. Ул Әйүптең бөтә тәненә, түбәһенән алып табанына тиклем, һыҙлатҡыс шеш-ҡутыр сығарҙы. Әйүп, шеш-ҡутырҙарын тырнар өсөн ҡулына бер көршәк ватығы тотоп, көл өҫтөндә ултырҙы. Ҡатыны уға: – Һаман да намыҫ һаҡлайһыңмы? Алланы ҡарға ла үл! – тине. Әйүп ҡатынына: – Шыр тиле бисәләр һымаҡ һөйләнеп тораһың. Алланан яҡшыны ғына ҡабул итеп, ямандарын алмайыҡмы? – тип яуап ҡайтарҙы. Ошо хәлдәрҙән һуң да Әйүптең ауыҙынан гонаһ һүҙ сыҡманы. Әйүптең башына төшкән бөтә был бәлә-ҡазалар тураһында уның өс дуҫы – Темандан Әлифаз, Шуахтан Билдад, Нағаманан Софар – ишеттеләр ҙә йәшәгән урындарынан юлға сығып, бер урында осраштылар. Улар Әйүптең ҡайғыһын уртаҡлашыу һәм йыуатыу ниәте менән уны күрмәксе булдылар. Улар Әйүпте алыҫтан уҡ абайлаһалар ҙа, башта таный алманылар. Унан һуң, ҡысҡырып илай-илай, сапандарын йыртҡыланылар, баштарына тупраҡ һиптеләр. Ете көн, ете төн буйы уның эргәһендә ерҙә ултырҙылар. Бер кем дә ауыҙ асып һүҙ әйтмәне, сөнки Әйүптең ни тиклем ауыр ғазап сиккәнен күреп торалар ине. Шунан һуң Әйүп, һүҙ башлап, үҙе донъяға килгән көндө ҡәһәрләне. Ул былай тине: «Мин тыуған көн, „Ир бала яралды!“ – тип әйткән төн юҡҡа сыҡһын! Ҡараңғылыҡҡа убылһын ул көн, Алла күктә уны иҫенә алмаһын, Ул көн өсөн таң тыумаһын. Дөм ҡараңғылыҡ, үлем шәүләһе йолоп алһын, Уны ҡара болот томалаһын, Ҡояш тотолоу дәһшәткә һалһын. Ул төндө дөм ҡараңғылыҡ йотһон, Йыл көндәре араһында һаналмаһын, Айҙарҙың хисабына инмәһен. Әйҙә ул төн ҡыҫыр ҡалһын, Унда шатлыҡ ауазы яңғырамаһын. Ливъяҫанды уята алырлыҡ Көндәргә ләғнәт уҡыусылар Әйҙә ул көнгә ҡарғыш яуҙырһын. Ул төндөң таң йондоҙҙары ҡараңғыланһын; Зарығып таңды көтөүе бушҡа сыҡһын; Иртәнге шәфәҡ нурҙарын күрә алмаһын. Сөнки ул төн әсәйемдең аналығын бикләмәгән, Күҙҙәремде ғазаптарҙан йәшермәгән. Ни өсөн мин үле тыумағанмын? Ҡарындан сығыу менән йән бирмәгәнмен? Ниңә мине тыуғанда теҙҙәренә ҡабул иткәндәр? Ниңә миңә күкрәк һөтөн имеҙгәндәр? Хәҙер тыныс ятҡан булыр инем, Үлем йоҡоһонда ял табыр инем Һалдырған ҡалалары күптән үк емерелгән Ер батшалары, уларҙың вәзирҙәре, Өйҙәрен көмөш менән тултырған, Алтынға хужа булған түрәләр араһында. Нишләп яралғы саҡта уҡ төшмәгәнмен? Яҡты донъя күрмәгән сабыйҙай күмелмәгәнмен? Унда залимдар яуызлығынан туҡтай, Унда талсыҡҡандар ял таба. Унда тотҡондар ҙа тыныслыҡта, Күҙәтселәрҙең аҡырыныуын ишетмәй. Унда олоһо ла, кесеһе лә – бергә; Ҡол да хужаһынан азат. Нимә өсөн ғазаплы бәндәгә яҡтылыҡ бирелгән? Йәне әсегәнгә нимәгә ул йәшәү? Улар үлем көтә, тик таба алмай. Хазинанан да артығыраҡ күреп эҙләй. Ҡәбер ситенә килеп баҫһалар, ҡыуанырҙар, Шатланып бөтә алмаҫтар ине. Ни өсөн ғүмер бирелә Ҡайҙа барғанын белмәгән, Алла һәр йәһәттән ҡамалап алған кешегә? Көрһөнөүем ризығымдан алда килә, Ыңғыраштарым һыуҙай эркелә. Ниҙән ҡурҡһам – алдыма шул килде, Нимәнән ҡотом осһа – башыма шул төштө. Ал да юҡ, ял да юҡ, йәм дә юҡ, Бары тик ғәм генә тороп ҡалды». Темандан килгән Әлифаз былай тип яуап ҡайтарҙы: «Берәү һиңә һүҙ әйтергә баҙнат итһә, Күңелеңә ауыр алмаҫһыңмы? Хәйер, нисек өндәшмәй ҡалаһың? Хәтереңә төшөр, үҙең күптәргә өгөт-нәсихәт бирҙең, Ҡулы һәленеп төшкәнгә көс өҫтәй инең. Йығылғанды һүҙең менән торғоҙҙоң, Ҡалтыранған тубыҡтарҙы нығындырҙың. Инде үҙ башыңа төшкәс, сабырлығыңды юйғанһың; Үҙеңә килеп ҡағылғас, бөтөнләй ҡаушап ҡалғанһың. Алланан ҡурҡыу ышаныс бирмәйме ни? Кәмселекһеҙ йәшәүеңә өмөт бағлай алмайһыңмы? Хәтереңә төшөр: ғәйепһеҙҙең Ҡасан һәләк булғаны бар? Намыҫлыларҙың юҡҡа сыҡҡанын ҡайҙа күрҙең? Минең күреүемсә, золом һөрөп, Яуызлыҡ сәскән бәндәләр ҡаза ура. Улар Алланың һулышынан юҡ була, Нәфрәтенең еле уларҙы һепереп түгә. Ажарланып ырылдаған арыҫлан да тыныр, Йәш арыҫландың теше ҡырылыр. Табыш булмағас, арыҫлан һәләк була, Инә арыҫландың балалары таралышып бөтә. Йәшерен һүҙ ишетелде миңә, Ҡолағыма бышылдау сағылды. Тынғыһыҙ төнгө һаташыуҙар ҡосағында булғанда, Кеше тәрән йоҡоға талған заманда, Дәһшәт солғап алды мине, ҡалтырандым, Ҡурҡыу елегемә тиклем үтеп инде. Бер рухтың еле йөҙөмә тейеп үтте – Хатта тәндә ҡош йөндәрем ҡалҡты. Ул туҡтаны, уның ни булғанын аңламаным, Тик рәүешен генә абайланым. Тынлыҡта тауыш ишеттем: „Алла хозурында кеше хаҡ була аламы? Яратыусыһы алдында саф бер әҙәм бармы? Ҡара, Алла хеҙмәтселәренә лә ышанып бөтмәй, Хатта фәрештәләрендә лә етешһеҙлек таба. Балсыҡ өйҙәрҙә йәшәгән, Нигеҙе саң-туҙан булған, Һытып ташлауы көйәнән дә Анһатыраҡ булған әҙәмгә ышанһынмы? Ғүмерҙәре иртәнән кискә тиклем дә бармай, Абайламай ҙа ҡалаһың – юҡҡа сыға. Тәндәренең бер һеңере тартып алынһа, Аҡыл-зирәклеккә ирешмәйенсә үлеп китәләр“. Саҡырып ҡара! Яуап ҡайтарыусы табылырмы? Изгеләрҙең ҡайһыһына йөҙ тоторһоң? Ахмаҡты ҡыҙыулығы үлтерер, Бер ҡатлыны көнсөллөгө бөтөрөр. Күргәнем бар: тиле тамыр ебәреп өлгөрә, Йортона ҡапыл ғына ҡарғыш төшә. Балалары хәүефкә яҡын булыр, Ҡала ҡапҡаһы төбөндә тапалырҙар, Уларҙы һис кем яҡламаҫ. Уңыштарын астар ашар – Сәнскәк араһындағыһын да ҡалдырмаҫтар, Байлыҡтарын ҡомһоҙҙар йотор. Бәлә-ҡаза тупраҡтан шытып сыҡмай бит, Ҡайғы-хәсрәт ҡырҙа үҫмәй. Ут сатҡыһының һауаға осҡаны дөрөҫ булғандай, Кешенең ғазап сигер өсөн тыуғаны ла хаҡ. Мин булһам, Аллаға йөҙ тотор, Эшемде Уға тапшырыр инем. Ул шундай бөйөк ғәмәлдәр ҡыла, Уларға кешенең аҡылы етмәҫлек, Мөғжизәләренең иҫәбе-һаны юҡ. Ул ер йөҙөнә ямғыр яуҙыра, Ҡырҙарҙы Ул һыуға туйындыра. Түбәнһетелгәндәрҙе күтәрә, Йәш түккәндәрҙе именгә алып сыға. Ҡырын эштәре барып сыҡмаһын өсөн, Мәкерлеләрҙең ниәтен боҙа. Аҡыллы баштарҙы үҙҙәренең хәйләһенә эләктерә, Хәйләкәрҙәрҙең мутлығына сик ҡуя. Улар көпә-көндөҙ ҡараңғыға сумыр, Төш мәлендә, төндәге һымаҡ, Ҡапшанып йөрөргә дусар булыр. Фәҡирҙәрҙе ҡылыстай үткер телдәрҙән, Көслөнөң ҡулынан йолоп алыр. Шуға күрә ярҙамһыҙҙың өмөтө бар, Ғәҙелһеҙлектең ауыҙы томаланыр. Алла нәсихәт биргәндәр ни ҡәҙәр бәхетле! Һин сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең тәрбиәһенән баш тартма. Ул йәрәхәтләр, тик Үҙе бәйләп ҡуйыр, Ул һуғыр, әммә ҡулдары һауыҡтырыр. Алты тапҡыр бәләгә ҡалһаң – ҡотҡарыр, Етенсеһендә лә һиңә зыян теймәҫ. Аслыҡ мәлендә – үлемдән, Һуғышта ҡылыстан йолоп алыр. Раббы һине телдең ҡамсыһынан ҡаплар, Бөлгөнлөк килеүҙән ҡурҡмаҫһың. Юҡлыҡ менән аслыҡтан көлөрһөң, Ҡырағай йыртҡыстарҙан өркмәҫһең. Сөнки баҫыуҙағы таштар менән килешеү төҙөрһөң, Ҡыр йәнлектәре менән татыу йәшәрһең. Сатырыңда гел имен буласағын белерһең, Малдарыңды байҡарһың да бер етешһеҙлек тә тапмаҫһың. Тоҡомоңдоң күплеген күрерһең, Зат-зәүерең үлән шикелле ишелеп үҫер. Үҙ ваҡытында йыйып бәйләнгән көлтә һымаҡ, Өлкәнәйеп ҡәбереңә китерһең. Бына, нимәләрҙе асыҡланыҡ – улар барыһы ла хаҡ. Шуға күрә ҡолаҡ һалып тыңла ла фәһем ал». Әйүп былай тип яуап ҡайтарҙы: «Әгәр ҙә ғазаптарымды үлсәп, Бөтөн ҡайғыларымды бизмәнгә һалһаң – Улар диңгеҙ ҡомонан да ауырыраҡ тартыр ине, Шуға күрә әйткән һүҙҙәрем дыуамал. Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең уҡтары тәнемдә, Рухыма уларҙың ағыуы һеңә; Алланың дәһшәттәре ябырылды миңә. Үлән етерлек булғанда, баҡырырмы ишәк? Үгеҙ мөңрәрме утлыҡсаһында аҙыҡ булһа? Сөсөнө тоҙһоҙ ашайҙармы? Йомортҡа ағының тәме бармы? Ул ризыҡтарҙан йәнем екһенә, Улар мине сиргә һабыштыра. Ялбарып һорағаным алдыма килһен ине, Алла миңә өмөтләнгәнемде бирһен ине – Тәүәккәлләп мине иҙһен ине, Ҡул һуҙып, ғүмер ебемде өҙһөн ине. Был миңә йыуаныс булыр – Аяуһыҙ ғазапҡа ҡарамаҫтан, һөйөнөр инем, Сөнки Изге булғандың һүҙҙәрен инҡар итмәнем. Түҙер өсөн ҡайҙан көс табайым? Ахырым ниндәй, нисек сабыр итәйем? Әллә миндә таш ныҡлығы бармы? Әллә тәнем баҡырҙанмы? Бөтөнләй сараһыҙ ҡалған мәлдә Үҙемә ярҙам итерлек хәлем булырмы? Бәндә сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенән ҡурҡмаған хәлдә лә, Сараһыҙ ҡалғанда, дуҫының мәрхәмәтенә мохтаж. Тик минең дуҫтарым ышанысһыҙ, Шарлап ағып ятҡан йырғанаҡтай. Улар боҙҙар ирегәндә таша, Ҡар һыуына тулып ярҙан аша; Ҡоролоҡ мәлдә юҡҡа сыға, Эҫелә үҙәндәрендә кибеп ҡала. Улар арҡаһында каруандар аҙашыр, Сүллектә ҡаңғырып һәләк булыр. Тема каруансылары һыу эҙләр, Шеванан килгән сауҙагәрҙәр өмөтөн бағлар. Тик өмөттәре алданыр, Ҡороған йылға үҙәненә еткәс, шаҡ ҡатырҙар. Инде һеҙ ҙә минең өсөн шул булдығыҙ: Хәлемде күрҙегеҙ ҙә ҡурҡып ҡалдығыҙ. Әллә әйттемме: „Миңә бирегеҙ! Малығыҙҙан минең өсөн түләгеҙ! Дошмандың ҡулынан ҡотҡарығыҙ, Йолом түләп, залимдар ҡулынан азат итегеҙ“, – тинемме? Әйҙә, аңлатығыҙ – мин тынырмын, Нимәлә яңылыштым – күрһәтеп бирегеҙ. Хаҡ һүҙҙәр әрнеткес була! Тик ғәйепләүегеҙҙең асылы нимәлә һуң? Нишләп һеҙ һүҙҙәремә бәйләнәһегеҙ? Өмөтө өҙөлгәндең әйткәнен Иҫкән елгә тиңләйһегеҙ? Йәрәбә һалып, етемде бүлешәһегеҙ, Сауҙалашып, дуҫығыҙҙы һатырға әҙерһегеҙ. Инде, рәхим итеп, миңә боролоп ҡарағыҙ – Күҙегеҙгә ҡарап, алдаша аламмы? Яуызлыҡҡа юл ҡуймаҫ өсөн кире уйлағыҙ! Аңлағыҙ, әлегә хаҡлыҡ минең яҡта. Ауыҙымдан берәй нахаҡ һүҙ сыҡтымы? Аңҡауым һәләкәт әсеһен тоймаҫмы? Әҙәм балаһының ер йөҙөндәге тормошо – Ауыр хеҙмәт түгелме ни? Ғүмере көнлөксөнөң көндәренә оҡшаш түгелме? Күләгәгә зарыҡҡан ҡол, Эш хаҡын көткән ялсы һымаҡ ул. Миңә лә буш айҙар насип булды, Өлөшөмә ғазап тулы төндәр төштө. Ятыу менән торор ваҡытымды көтәм, Тик төнөм аяуһыҙ оҙон, Әйләнеп-тулғанып сығам таңға саҡлы. Тәнемде ҡорт менән яра баҫҡан, Тирем ҡутырлаған, эренләгән. Көндәрем туҡыусының шүреһенән дә етеҙ йүгерә, Бер ниндәй өмөтһөҙ ахырына яҡынлаша. Эй Алла, иҫеңә төшөр: ғүмерем – бары бер һулыш, Күҙҙәрем башҡаса бәхет күрмәҫ. Бөгөн миңә баҡҡан күҙҙәр мине тиҙҙән күрмәйәсәк. Күҙ һалырһың, ә мин инде юҡмын. Болот таралып юҡ булған һымаҡ, Үлеләр донъяһына инеүсе ҡабат сыҡмаҫ. Ул башҡаса өйөнә әйләнеп ҡайтмаҫ, Тыуған төйәге уны танымаҫ. Шуға күрә өндәшмәй ҡала алмайым, Рухымдың хәсрәтләнеүен, Йәнем өҙгөләнеүен әрнеп һөйләйем. Мин диңгеҙме, әллә диңгеҙ ғифритеме, Ни өсөн Һин миңә ҡарауылсы ҡуйҙың? „Һыҙланыуым түшәктә баҫылыр, Ятһам, бәлки, рәхәтерәк булыр“, – тип уйлаһам, Һин төшөмдә мине ҡурҡытаһың, Һаташтырып ҡотомдо алаһың. Бындай тән менән ғүмер һөргәнсе, Һулышым өҙөлөп кенә үлһәмсе! Мин йәшәүҙән биҙҙем. Барыбер донъяла мәңге тормам, Ҡалдыр мине! Көндәрем – бары тик һулыш һымаҡ. Кеше тигәнең шул тиклем нимә? Ниңә уны шулай ололайһың? Ни өсөн шул ҡәҙәр иғтибар бүләһең? Иртә һайын тикшереп тораһың, Һәр аҙым һайын уны һынайһың. Ниңә минән саҡ ҡынаға ла күҙеңде алмайһың, Төкрөгөмдө йоторға ла ихтыяр бирмәйһең? Әгәр гонаһ ҡылған булһам, Эй әҙәм затының Күҙәтсеһе, Һиңә минең ни зыяным тейҙе? Ниңә мине Үҙеңә сәп итеп алдың? Ни өсөн Һиңә ауыр йөк булдым? Ниңә гонаһымды кисермәйһең? Ни өсөн ғәйебемде юймайһың? Бер аҙҙан тупраҡ аҫтында ятасаҡмын, Эҙләрһең дә, әммә мин инде булмаҫмын». Шуахтан килгән Билдад былай тип яуапланы: «Тағы күпме шулай һөйләнерһең? Һүҙҙәрең – ярһыу ел һымаҡ! Алла ғәҙелһеҙлек ҡыламы, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе дөрөҫлөктө боҙамы? Бәлки, балаларың Уға ҡаршы гонаһ иткән дә, Уларҙы үҙ енәйәттәренең ҡулына тапшырғандыр. Әгәр Аллаға табан ихласлап боролһаң, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббыға ялбарһаң, Әгәр пак, намыҫлы булһаң, Ул шунда уҡ һине хәстәрләй башлар, Лайыҡлы урыныңа кире ҡайтарыр. Башланғысың бәләкәй булһа ла, Ахырың бөйөк буласаҡ. Үткән быуындарҙан һораш, Ата-бабаларының тәжрибәләрен белеш. Беҙ бит кисә тыуҙыҡ, бер нәмә белмәйбеҙ, Был донъяла ғүмеребеҙ – бары тик бер күләгәлер. Һораһаң, улар өйрәтмәҫ-һөйләмәҫ, Күңелдәгеһен асмаҫ тиһеңме ни? Һыу булмаған урында ҡамыш үҫерме? Һаҙлыҡһыҙ ерҙә ҡалҡырмы күрән? Әлегә ул йәшел, ҡырҡылмаған булһа ла, Һыу ҡороһа, башҡа үләндәрҙән алда кибә. Алланы онотҡан һәр кемдең ахыры шундай; Аллаһыҙ бәндәнең өмөтө шулай киҫелә. Ышанысы – өҙөлөргә торған серек бер еп, Именлеге – үрмәксе ауы. Үрмәксе ауына һөйәлер – ау өҙөлөр, Епкә йәбешер – уныһы ла сыҙамаҫ. Аллаһыҙ ул – ҡояшта йәшелләнгән үлән; Үҫентеләре тотош баҡсаға йәйелер, Тамырҙары таштар араһына үтеп инер, Таш диуарҙарға һарылыр. Әммә төбө-тамыры менән йолҡоп алынһа, Үҫкән ере уны инҡар итер: „Һине күргәнем юҡ“, – тиер. Бына шул тормошоноң бар ҡыуанысы! Урынына тупраҡтан башҡалар үҫеп сығыр. Бел: Алла камил бәндәне ситкә типмәҫ, Ә яуызлыҡ эшләгәндәргә ярҙам итмәҫ. Ул әле йәнә иренеңә йылмайыу ҡундырыр, Ауыҙыңды һөйөнөс ауаздары менән тултырыр. Дошмандарың мәсхәрәгә ҡалыр, Яуыздарҙың сатыры юҡҡа сығыр». Әйүп былай яуапланы: «Дөрөҫ, бының шулай икәнлеген беләм. Әммә кеше Алла алдында нисек аҡлана ала? Әгәр берәү Уның менән дәғүәләшһә, Уның мең һорауына бер яуап таба алмаҫ. Уның аҡылы тәрән, ҡөҙрәте сикһеҙ, Уға ҡаршы торғандарҙан кем имен ҡалыр? Ул тауҙарҙы һис бер киҫәтеүһеҙ урындарынан күсерер, Асыуынан аҫтын-өҫкә әйләндерер. Ерҙе урынынан ҡуҙғатыр, Уның терәктәрен дер һелкетер. Ул бойорһа, ҡояш ҡалҡмаҫ, Йондоҙҙарҙың яҡтыһын ҡаплап, мөһөрләр. Ул бит бер яңғыҙы күкте киргән, Диңгеҙ тулҡындарының өҫтөнән гиҙгән. Етегәнде, Орион менән Өлкәрҙе, Көньяҡ күге йондоҙҙарын Ул яратҡан. Ғәмәлдәре бөйөк, баш етмәҫлек, Мөғжизәләренең һаны-хисабы юҡ. Бына Ул янымдан үтеп китер – күрмәм, Елеп уҙыр, бер нәмә лә тоймам. Тартып алһа, кем Уны туҡтатыр? Кем Уға: „Нимә эшләйһең?“ – тиер? Алла асыуын теҙгендә тотмаҫ, Раһавтың ярҙамсылары Уның аяғы аҫтында аунар. Шулай булғас, нисек мин Уға яуап бирә алайым? Уның алдында мин нисек һүҙ табайым? Хаҡлы булһам да, яуап ҡайтара алмаҫ инем, Хөкөмдарымдан бары мәрхәмәт һорар инем. Хатта саҡырыуыма яуап ҡайтарһа ла, Уның мине тыңларына ышана алмам. Ғәрәсәт булып өҫтөмә ябырыла, Ғәйепһеҙгә яраларымды арттыра. Хатта тын алырға ирек бирмәй, Түҙгеһеҙ әрнеү менән тултыра. Әгәр эш ҡеүәттә булһа, Ул ҡеүәтле! Ғәҙеллек юлларға булһа, Кем Уны хөкөм ҡаршыһына килтерә ала? Хаҡлы булһам да, үҙ телем үҙемде ғәйепләп ҡуйыр. Камил булһам да, ғәйеплегә сығарыр. Ғәйепһеҙмен! Тик миңә инде барыбер – Мин туйҙым бындай тормоштан. Нисек булһа булһын! Шуға күрә әйтәм: „Ул ғәйепһеҙҙе лә, яуызды ла берҙәй юҡ итә“. Ҡапыл ябырылған бәлә үлем сәсһә, Ул ғәйепһеҙҙәрҙең ғазабынан көлә. Донъя залимдар ихтыярына тапшырылған, Алла хөкөмдарҙарҙың күҙҙәрен ҡаплап ҡуйған – Әгәр ҙә Ул түгел икән, кем һуң? Көндәрем сапҡындан етеҙерәк елеп үтә, Әммә алда яҡшылыҡ күренмәй. Улар ҡамыш кәмә кеүек етеҙ, Ҡорбанына ташланған бөркөттәй осҡор. „Аһ-зарымды онотайым, Хәсрәтле йөҙөм яҡтырһын“, – тиһәм, Яңы ҡайғылар ҡурҡыта мине, Сөнки беләм: мине ғәйепһеҙ тип танымаҫһың. Барыбер ғәйепле тип һаналам икән, Ниңә мин бушҡа тырышам? Ҡар һыуҙары менән йыуынһам да, Ҡулдарымды һелте менән таҙартһам да, Мине тағы ла бысраҡ соҡорға батырырһың, Хатта үҙ кейемем дә минән ерәнер. Алла бит минең кеүек әҙәм балаһы түгел, Нисек мин Уға яуап бирә алайым? Уның менән хөкөмгә нисек бергә барайым? Арабыҙҙа икебеҙҙең дә яурынына ҡул һалып, Беҙҙе килештерә алыр берәү ҙә юҡ! Алла Үҙенең яза таяғын өҫтөмдән алһа ине, Башҡаса миңә дәһшәт һалмаһа ине. Шул саҡта Унан ҡурҡмай һүҙемде әйтер инем, Әммә мин ундай түгелмен. Йәшәүемдән биҙҙем, Инде зарымды эстә тотмайым, Йән әрнеүҙәремде түгәм. Аллаға әйтермен: мине хөкөм итергә ашыҡма, Аңлат миңә, Һин мине нимәлә ғәйепләйһең? Мине ҡыйырһытыуҙан Һиңә бер файҙа бармы? Үҙ ҡулдарың менән яратҡанды кире ҡағып, Яуыздарҙың мәкерле ниәтен хуплау – Шулай Һиңә яҡшы тойоламы? Әллә Һинең дә күҙҙәрең әҙәм балаһыныҡы һымаҡмы? Кеше нисек күрә, Һин дә шулай күрәһеңме? Көндәрең кешенекеләй һанаулымы? Йылдарың бәндәнеке һымаҡ ҡыҫҡамы? Шуға минән ғәйеп эҙләйһеңме, Гонаһ табырға маташаһыңмы? Һин бит беләһең ғәйепһеҙ икәнемде, Һинең ҡулыңдан ҡотҡара алыусы юҡлығын да беләһең. Ҡулдарың миңә һын-рәүеш бирҙе, әүәләне; Инде, кире уйлап, мине емерергә теләйһеңме? Иҫеңдәме, мине балсыҡтан яһаның, Ҡабат тупраҡҡа ҡайтараһыңмы? Һин мине һөт һымаҡ түгеп, Эремсек кеүек ҡуйыртманыңмы? Мине ит һәм тире менән кейендерҙең, Һеңер, һөйәктәр менән беркеттең. Йәшәү бирҙең, һөйөүеңде бүләк иттең, Йәнемде хәстәрләп һаҡлап торҙоң. Әммә йөрәгеңдә башҡа уйҙы йәшереп тотҡанһың, Беләм, ниәтеңдә былар булған: Мине күҙәтеп торорға, Әгәр гонаһ ҡыла ҡалһам, Ғәйебемде язаһыҙ ҡалдырмаҫҡа. Ғәйепле булһам – бөттө баш! Әммә хаҡ булһам да, башымды ҡалҡыта алмам. Түбәнһетеүҙәрҙән ғарыҡ булдым, хәсрәтемдән иҫерекмен. Баш ҡалҡытам – арыҫландай ташланаһың, Йәнә миңә дәһшәтле көсөңдө күрһәтәһең. Миңә ҡаршы яңынан-яңы шаһиттар сығараһың, Асыуыңды ҡабартаһың, Ғәскәрҙәрең тулҡын-тулҡын булып ябырыла. Ниңә Һин мине әсәм ҡарынынан сығарҙың? Бер кем күрмәҫ борон үлер инем! Әйтерһең, бөтөнләй булмағандай, Әсә ҡарынынан туп-тура ҡәбергә күсер инем! Йәшәр көндәрем самалы ғына түгелме ни? Ҡалдырһаңсы мине, саҡ ҡына күңелем асылһын Ҡайтып булмаҫ ергә киткәнемә тиклем, Ҡараңғылыҡ, үлем шәүләһе иленә, Дөм ҡараңғы, үлем шәүләһе баҫҡан, Һис бер тәртип булмаған бер тарҡау ергә, Яҡтылыҡ ҡараңғылыҡ булған урынға». Нағаманан килгән Софар былай яуапланы: «Был тиклем һүҙ яуапһыҙ ҡалһынмы? Күп һөйләгән хаҡлы һаналһынмы? Һин хәбәр һат – башҡалар өнһөҙ торһонмо? Һин мыҫҡыллағанда – урыныңа ултыртыусы табылмаҫ тиһеңме? Аллаға: „Инанысым дөрөҫ, Һинең күҙеңдә мин пакмын“, – тиһең. Әммә әгәр Алла ауыҙ асып, Һиңә яуап бирергә теләһә, Ул аҡылдың серҙәрен аңлатыр, Уның күп яҡлылығын күрһәтер ине. Белеп тор, Алла ғәйептәреңдең Ҡайһы береһен онотто әле. Алланың йәшергәндәрен таба алырһыңмы? Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең Сиктәренә олғаша белерһеңме? Ул күктән юғарыраҡ – һин нимә эшләй алырһың? Үлеләр донъяһынан да тәрән – һин нимә белә алырһың? Уның үлсәмдәре ер йөҙөнән оҙонораҡ, Диңгеҙҙәрҙән киңерәк. Әгәр килеп һине зинданға бикләһә, хөкөмгә саҡырһа, Кем Уны туҡтата алыр? Ул алдаҡсыларҙы таный: Яуызлыҡты күрә тороп күҙ йомормо? Ахмаҡҡа аҡыл ингәнсе, Ҡырағай ишәк кешегә әйләнер. Әгәр ҙә йөрәгеңде Аллаға бағышлаһаң, Ҡулдарыңды Уға табан һонһаң, Ҡылған гонаһтарыңдан ваз кисһәң, Сатырыңды яуызлыҡ төйәк итмәһә, Шул сағында йөҙөңдө оялмай күтәрә алырһың, Ҡурҡыу белмәй, аяғыңда ныҡ баҫып торорһоң. Шул ваҡытта хәсрәтеңде оноторһоң, Ағып киткән һыу һымаҡ ҡына иҫләрһең. Тормошоң көн үҙәгенән дә сағыуыраҡ булыр, Ҡараңғылығы таң нуры һымаҡ балҡып торор. Тыныс булырһың, сөнки һинең өмөтөң бар, Яҡ-яғыңды байҡап, рәхәтләнеп ятырһың. Йәйрәп ятырһың, бер кемдән ҡурҡмай, Күптәр һиңә ярарға тырышыр. Ә яуыздарҙың күҙҙәре томаланыр, Ҡасып ҡотолор ерҙәре булмаҫ. Аҡтыҡ өмөттәре – һуңғы тапҡыр һулыш алыу булыр». Әйүп былай тип яуапланы: «Ай-һай, бигерәк белдекле халыҡһығыҙ! Моғайын, аҡыл да һеҙҙең менән бергә харап булыр! Һеҙҙә булған аҡыл миндә юҡмы? Бер ерем менән дә һеҙҙән кәм түгелмен. Һеҙ белгәнде, йә, кем белмәй? Мин дуҫтарым өсөн бер әҙәм көлкөһө булдым. Ә бит Аллаға ялбарғанда яуап ала торғайным. Хәҙер иһә тоғро, камил әҙәм – мәсхәрә булып ҡалдым. Зарһыҙ зарлыға тәкәббер ҡарай, Аяғы тайһа, төртөп ебәрер. Юлбаҫарҙың сатырында – муллыҡ, Алланың асыуына тейгәндәр имен йәшәй, Гүйә улар Алланы ҡулында күтәреп йөрөтә. Кил, ҡырағай йәнлектәрҙән һора – өйрәтерҙәр, Күктәге ҡоштарҙан – аңлатырҙар. Тупраҡҡа әйт, һиңә төшөндөрһөн, Диңгеҙҙәге балыҡтарҙан һора – һөйләп бирһен. Бар нәмәне Раббының ҡулы яһаған – Уларҙың ҡайһыһы быны белмәй? Һәр бер тереклектең йәне, Бөтөн кешенең һулышы – Уның ҡулында. Ризыҡ тәмен аңҡау тойған һымаҡ, Һүҙҙең бәҫен ҡолаҡ һынай түгелме ни? Аҡһаҡалдарҙа аҡыл бар, Оҙон ғүмерлеләр – зирәк була. Аллала – аҡыл да, ҡөҙрәт тә бар, Нәсихәт тә, ғилем дә бар Унда. Ул йыҡҡанды һис кем торғоҙа алмаҫ, Ул әсир итһә, һис берәү азат ҡылмаҫ. Ул һыуҙарҙы туҡтатһа – ҡоролоҡ булыр, Ебәрһә, ерҙе һыу баҫыр. Көс тә, хикмәт тә Унда; Алдаған да, алданған да Уның ихтыярында. Кәңәшселәрҙе ялан аяҡ ҡыуалар, Хөкөмдарҙарҙы алйотландырыр. Батшаларҙың билбауҙарын тартып өҙөр, Билдәренә әләм-һәләм бәйләтер. Ҡаһиндарҙы ялан аяҡ ҡыуалар, Аяҡта ныҡ баҫып торғандарҙы алып ырғытыр. Иң ышаныслы кәңәшселәрҙе телдән яҙҙырыр, Аҡһаҡалдарҙың зиһенен алыр. Аҫыл заттарҙы мәсхәрәгә төшөрөр, Көслөләрҙең ҡайышын систерер. Ҡараңғылыҡтың тәрәнлектәрен асыр, Дөм ҡараңғылыҡты яҡтыға сығарыр. Ҡәүемдәрҙең береһен күтәрер, береһен һәләк итер, Ҡайһыһын күбәйтер, икенселәрен таратыр. Халыҡтарҙың башлыҡтарының зиһенен алыр, Юлһыҙ сүллектә аҙаштырып ҡалдырыр – Ҡараңғыла ҡапшанып йөрөрҙәр, яҡтылыҡ күрмәҫтәр, Иҫерек шикелле сайҡалырҙар. Быларҙың барыһын да үҙ күҙҙәрем күрҙе, Ҡолаҡтарым ишетеп аңланы. Һеҙ белгәнде мин дә беләм, Һеҙҙән бер ҙә кәм ерем юҡ. Әммә мин сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенә өндәшәм, Дәғүәмде Аллаға белдерергә теләйем! Һеҙ иһә яраларымды ялған менән һылайһығыҙ, Бөтөнөгөҙ ҙә булдыҡһыҙ табипһығыҙ. Әгәр ауыҙығыҙҙы йомһағыҙ, Был, исмаһам, аҡыл булыр ине. Инде минең дәлилдәремде тыңлағыҙ, Дәғүәләремде аңларға тырышығыҙ. Алла хаҡына тип ялған һөйләүегеҙме? Һеҙҙең алдауығыҙ Уға кәрәк тиһегеҙме? Йәнәһе лә, Уны яҡлашыуығыҙмы? Уның яҡлы булып тартышыуығыҙмы? Әгәр Ул һеҙҙе һынап ҡараһа, яҡшы булырмы? Кешеләрҙе төп башына ултыртҡандай, Уны ла алдай алырһығыҙмы? Аҫтыртын ғына бер яҡты яҡлаһағыҙ, Ул, һис шикһеҙ, фашлаясаҡ. Уның шөһрәте һеҙҙе ҡурҡытмаҫмы ни? Дәһшәте өҫтөгөҙгә төшмәҫме? Һеҙҙең әйтемдәрегеҙ – көл һымаҡ, Терәктәрегеҙ – балсыҡтан әүәләнгән ҡалҡан. Инде шымығыҙ, миңә әйтергә ирек бирегеҙ, Әйҙә, ни булһа ла булһын. Тормошом хәүеф аҫтында ҡалһа ҡалһын, Йәнемде усыма йомарлайым. Үлтерһә, үлтерер, барыбер ҙә өмөтөм юҡ. Юлымдың хаҡлығын раҫлар өсөн, ҡаршыһына сығам. Асылда был минең ҡотолоуым булыр, Сөнки Аллаға инанысы булмаған әҙәм Уның хозурына килмәҫ ине. Тыңлағыҙ әйткәндәремде, тыңлағыҙ, Һүҙҙәремде ҡолағығыҙға киртегеҙ. Ҡарағыҙ, дәғүәләшергә әҙерләндем. Хаҡлыҡ яуларымды мин беләм. Минең менән дәғүәләшә алыусы булырмы? Ул саҡта шымырмын да үлермен. Эй Алла, ике генә нәмә ялбарам, Шул саҡта мин Һинән йәшеренмәм: Ҡулыңды минең өҫтөмдән ал да Дәһшәтең менән ҡотомдо алма. Шунан саҡыр – мин яуап бирермен; Йәки рөхсәт ит тә мин әйтәйем, ә Һин яуап ҡайтар. Ғәйептәрем, гонаһтарым күпме? Күрһәт миңә кәмселек, гонаһтарымды. Ни өсөн минән йөҙөңдө йәшерәһең? Ниңә Һин мине дошман күрәһең? Мине – бер өҙөлгән япраҡты – ҡурҡытмаҡсыһыңмы, Ҡоро һаламды ҡыуалап йөрөтмәксеһеңме? Сөнки миңә ҡаршы әсе нәмәләр яҙғанһың, Йәшлек гонаһтарымды мираҫ итеп тағаһың. Аяҡтарыма Һин ҡалып кейҙергәнһең, Баҫҡан аҙымымды күҙәтеп тораһың, Аяҡ эҙемдән юллап киләһең. Кеше бит серек әйберҙәй юҡҡа сыға, Көйә ашаған кейем кеүек таралып төшә. Ҡатын-ҡыҙҙан тыуған әҙәм балаһының ғүмере ҡыҫҡа, Тормошо ҡайғы-хәсрәт, хәүефтән тора. Сәскә кеүек асыла ла һулый, Күләгәләй елеп уҙа ла юғала. Һәм Һин күҙеңде шуға текләйһеңме? Үҙең менән хөкөмләшергә илтәһеңме? Кем бысраҡ эсенән берәй таҙа нәмә таба алыр? Бер кем дә! Әҙәм ғүмеренең көндәре һанаулы, Айҙары Һинең ихтыярыңда, Сик ҡуйғанһың – уны үтә алмаясаҡ. Шулай булғас, унан күҙеңде ал; Эшен тамамлаған көнлөксөләй, Исмаһам, саҡ ҡына рәхәт күрһен. Хатта ағас өсөн дә өмөт бар: Киҫелһә лә, ғүмере өҙөлмәй – Төпһәһенән үҫентеһе сыға. Ерҙә тамырҙары ҡартайһа ла, Төпһәһе саңға батып кипһә лә, Дымды тойоу менән үрсем бирә, Яңы ғына ултыртылған һымаҡ бөрөләнә. Ә кеше үлә лә, юҡҡа сыға; Һуңғы һулышын ала ла – ҡайҙа ул? Һыуы кипкән күл, Ҡороп ҡалған йылға һымаҡ, Кеше лә ятыр ҙа башҡа тормаҫ, Күктәр юҡ булғанға тиклем уятылмаҫ, Шул йоҡоһонан айнымаҫ. Мине үлеләр донъяһына йәшерһәң, Асыуың үткәнгәсә ҡасырып торһаң, Минең өсөн бер ваҡыт тәғәйенләһәң, Ә унан хәтереңә төшөрһәң икән! Әммә үлгән кеше ҡабат терелерме? – Нәүбәт көндәрем үткәнгә тиклем Ҡотолоу килгәнде көтөр инем. Һин мине саҡырыр, ә мин яуап бирер инем; Мине – Үҙең бар ҡылғанды – һағыныр инең. Ул ваҡытта аҙымымды һанаһаң да, Гонаһтарымды эҙләмәҫ инең. Енәйәттәремде тоҡҡа һалып, мөһөр һуғыр, Ғәйептәремде өҫтөнән аҡлап ҡуйыр инең. Ләкин тауҙың ҡолап онталғаны, Ҡаяның урынынан ҡупҡаны, Һыуҙың ташты ашағаны, Ташҡындың тупраҡты йыуғаны һымаҡ, Һин дә кешенең өмөтөн юҡҡа сығараһың. Бер мәл уны тамам еңәһең дә ул китә; Ҡиәфәтен үҙгәртәһең дә ебәрәһең. Улдары дан ҡаҙанғанмы – уны белмәҫ, Кәмселеккә төшкәндәрме – инде һиҙмәҫ. Үҙ тәненән башҡа һыҙланыуҙы тоймаҫ, Бары үҙе өсөн генә йәне һыҡтар». Темандан килгән Әлифаз былай яуапланы: «Аҡыллы ир елдән килгән белем менән яуап ҡайтарырмы? Ҡорһағын көйҙөргөс ел менән тултырырмы? Мәғәнәһеҙ һүҙ, файҙаһыҙ хәбәр менән Ҡаршы һөйләп маташырмы? Һин хатта Алланан ҡурҡыуыңды ташлағанһың, Уның хаҡында уйланыуҙы ваҡлыҡ тип иҫәпләйһең. Сөнки гонаһың ҡоторта ауыҙыңды, Хәйләкәрҙәр теле менән һөйләшәһең. Һине хөкөм итеүсе мин түгел – үҙ ауыҙың, Ҡаршы шаһитлыҡ итә үҙеңдең телең. Әллә һин әҙәм затының тәүгеһеме? Тауҙарҙан әүәл яратылдыңмы? Алланың кәңәшмәһендә ҡатнаштың да Бөтөн аҡылды үҙеңә тупланыңмы? Беҙ белмәгән нимә мәғлүм һиңә? Беҙ аңламаған нимәне һин төшөндөң? Арабыҙҙа сал сәслеһе, ҡарты ла бар, Улар атаңдан да өлкәнерәк. Әллә һиңә Алланың биргән йыуаныстары, Әйткән яғымлы һүҙҙәре аҙ булдымы? Ниңә күңелең шулай шашына? Ниңә күҙҙәрең ут сәсеп тора? Ниңә рухыңды Аллаға ҡаршы йүнәлткәнһең, Ауыҙыңдан шундай һүҙҙәр сыға? Кем ул кеше – пак булырға? Ҡатын-ҡыҙҙан тыуған зат нисек тәҡүә булһын? Ҡара, хатта Үҙенең фәрештәләренә ышанмаған, Күктең сафлығын мөрхәтһенмәгән Алла Хаҡһыҙлыҡты һыу һымаҡ һемергән, Ерәнгес, боҙоҡ әҙәмгә ышанырмы? Тыңла мине, һиңә теүәл генә әйтеп бирәм, Ни күргәнмен, бөтәһен дә бәйән итәм. Аҡыл эйәләре өйрәткәнде, Аталарынан өйрәнгәнде йәшермәй һөйләйем. Ер бит бары уларға бирелгән, Араларына яттар кермәгән булған. Яуыз әҙәмдең ғүмере ғазап эсендә үтер, Иҙеүсегә бирелгән йылдар һанаулы. Ҡолағында дәһшәтле тауыш яңғырап торор, Тыныслыҡ булған сағында йән ҡыйыусы һөжүм итер. Ҡараңғынан ҡотолорона өмөтө ҡалмаҫ, Ҡайҙа барһа, шунда ҡылыс көтөп торор. „Ҡайҙан алайым?“ – тип зарығып икмәк эҙләр, Ҡара көндәре еткәнен белер. Ауырлыҡ, бәләләр ҡотон алыр, Яу менән килгән батшалай ябырылыр. Сөнки ул Аллаға ҡаршы ҡул күтәрҙе, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенә ҡаршы майҙан тотто. Ҡалын ҡалҡанын тотоп, баш сөйөп, Тиҫкәреләнеп, Уға ҡаршы ташланды, Күҙҙәрен май бөргән, Һимеҙ ҡорһағы һәленеп төшкән хәлдә. Ул таланған ҡалаларҙа, Кешеләре ташлап киткән, Емерелергә торған өйҙәрҙә йәшәр. Инде бай булмаҫ, мөлкәте юҡҡа сығыр, Биләмәләре ерҙә йәйелмәҫ. Ҡараңғылыҡтан ҡасып ҡотола алмаҫ, Үҫентеләрен ут-ялҡын ялмап өтөр, Алланың һулышынан ул юҡҡа сығыр. Юҡ-барға ышанып, үҙен-үҙе алдамаһын, Сөнки эшенең әжере лә юҡ-бар буласаҡ. Тейешлеһен ваҡытынан алда алып бөтөр, Ботаҡтары инде йәшелләнмәҫ. Емешен өлгөрмәҫ борон ҡойған йөҙөм, Сәскәһен ҡойған зәйтүн ағасы һымаҡ булыр. Аллаһыҙҙар йәмғиәте ҡыҫыр булыр, Ришүәтселәрҙең сатырҙарын ут йотор. Улар, яуызлыҡтан ауырға ҡалып, бәлә тыуҙырыр, Ҡарындары хәйлә менән тулыр». Әйүп былай тип яуап ҡайтарҙы: «Бындай һүҙҙәрҙе мин күп ишеттем, Һеҙ барығыҙ ҙа бахыр йыуатыусылар. Буш һүҙҙәрегеҙгә сик булырмы? Ниңә шул тиклем үрәпсейһегеҙ – Ауыртҡан урынығыҙға тейҙемме? Һеҙ минең урынымда булһағыҙ, Мин дә һеҙҙең кеүек һөйләр инем; Аҡыллы ҡиәфәт менән баш сайҡап, Һеҙгә ҡаршы тәнҡит теҙер инем; Ҡоро һүҙ менән йыуатыр, Юҡ-бар менән ҡеүәтләгән булыр инем. Һөйләһәм дә, әрнеүем баҫылмаҫ, Тынһам да, һыҙланыуым кәмемәҫ. Эй Алла, тәҡәтемде ҡороттоң, Бар яҡындарымды һәләк иттең. Тиремде йыйырсыҡтар менән ҡапланың – Был миңә ҡаршы шаһитлыҡ итә. Ҡоро һөйәк ҡалыуым да миңә ҡаршы һөйләй. Асыуынан өҙгөләп-йыртҡыслай Алла, Нәфрәтләнә, тешен шығырлата; Дошмандай, күҙенең уғын миңә сәнсә. Кешеләр ауыҙ күтәреп мыҫҡыл итә, Мәсхәрә менән сикәмә саба; Барыһы миңә ҡаршы берләшә. Алла мине залимдар ихтыярына бирҙе, Яуыздарҙың ҡулына ташланы. Рәхәт кенә ғүмер итеп ятҡан саҡта, Ул мине селпәрәмә емерҙе, Үңәсемдән аймап, яраланы, Мине Үҙенә сәп итеп ҡуйҙы. Уҡсылары ян-яғымдан солғап алды, Эс-бауырымды аяуһыҙ үтә тиште, Үтем ергә түгелде. Тәнемдән умырып ала, яра һала, Һуғышсы һымаҡ ҡабат-ҡабат ташлана. Ҡыл кейем тектем тәнемде ҡаплар өсөн, Ғорурлығымды саңға-туҙанға һалдым. Ҡыҙарынды битем күп илауҙан, Үлем шәүләһе ҡунды күҙ ҡабағыма. Ә бит ҡулдарымда яуызлыҡ юҡ, Ҡылған доғаларым ысын күңелдән, пак. Һеңдермәһәңсе ҡанымды, тупраҡ! Зарлы тауышым тынып ҡалмаһын! Ә шулай ҙа күктә минең Шаһитым бар, Яҡлаусым бар минең юғарыла. Дуҫтарым мине мыҫҡыллап көлә; Күҙҙәрем Аллаға төбәлеп йәш түгә. Кеше менән кеше араһындағы дәғүәне хәл иткәндәй, Алла менән кешене яраштырған берәү булһасы. Һанаулы йылдар бит бик тиҙ үтер – Кире ҡайтып булмаҫ юлға сығасаҡмын. Рухым һынды минең, көндәрем бөтә, Инде мине ҡәбер көтә. Мине мыҫҡыллаусылар уратып алған, Көлөп, күҙемде лә астырмайҙар. Эй Алла, Үҙ-Үҙең алдында йолоп алыусым бул! Башҡа кем һуң миңә ярҙам ҡулы һуҙыр? Сөнки уларҙың зиһенен Үҙең томаланың, Шуға күрә уларға еңеү ҡаҙандырмаҫһың. Өлөш алыр өсөн дуҫына яла яҡҡан әҙәмдең Балаларының күҙ нуры һүнер. Алла мине кешеләр алдында ғибрәт итте, Улар минең битемә төкөрә. Ҡайғы-хәсрәттән күҙҙәрем томаланды, Кәүҙәмдән тик шәүлә тороп ҡалды. Намыҫлы кешеләр быға хайран ҡалыр, Ғәйепһеҙҙәр аллаһыҙҙарға ҡаршы сығыр, Иманлылар юлынан тайпылмаҫ; Ҡулы пак булғандарҙың ҡеүәте артыр. Әммә һеҙ һәммәгеҙ ҙә йәнә килегеҙ – Арағыҙҙан бер аҡыллы кеше таба алмайым. Ғүмерем үтте, ниәттәрем емерелде, Күңелемдең теләктәре селпәрәмә килде. Ә улар төндө көн тип раҫлай; Ҡараңғыла: „Яҡтылыҡ яҡын ул!“ – тип иҫбатлай. Әммә әйләнәлә бары ҡараңғылыҡ. Әгәр ҙә берҙән-бер йортом үлеләр донъяһы булһа, Ҡараңғылыҡта түшәгемде йәйһәм, Ҡәберемә: „Һин – минең атайым“, Ер ҡортона: „Әсәйем, апайым һин“, – тип әйтһәм, Ҡайҙа һуң минең өмөтөм? Минең өмөтөмдө кем күрер? Өмөт минең менән бергә үлеләр донъяһына төшөрмө? Минең менән бергә тупраҡ аҫтына инерме?» Шуахтан килгән Билдад яуап ҡайтарҙы. Былай тине: «Ҡасан бөтөр һүҙҙән арҡан ишеүегеҙ? Башта уйлашығыҙ, унан һөйләшербеҙ. Ниңә беҙ хайуан булып иҫәпләнәбеҙ? Күҙҙәреңә ахмаҡ булып күренәбеҙ? Һин асыуҙан үҙ-үҙеңде өҙгөләйһең – Һин тип ер йөҙө бушап ҡалһынмы? Ҡаялар торған урынынан ҡупһынмы? Эйе, яуыздарҙың уты һүнер; Усағының осҡоно ла ҡалмаҫ. Сатырындағы нур ҡараңғылыҡҡа әйләнер, Янындағы шәме һүнер. Ҡеүәтле аҙымдарының көсө бөтөр, Үҙ мәкере үҙенең башына етер. Аяҡтары алып барып индерер тоҙаҡҡа, Үҙе барып баҫыр ҡапҡанға Элмәк эләктерер бәкәленән, Тәпегә ул барып ҡыҫыласаҡ. Йәшерен тоҙаҡ һағалар уны, Һуҡмағында ҡапҡан көтөп торор. Һәр тарафтан дәһшәт сорнап алыр, Артынан ҡалмай баҫтырыр. Аслыҡ тәҡәтен ҡоротор, Бәлә-ҡаза абынғанын көтөп торор. Уның тиреһен сир-зәхмәт ашар, Әжәлдең тәүге сапҡыны ағзаларын мөнйөр. Имен сатырынан һөйрәп сығарырҙар, Дәһшәт батшаһына килтерерҙәр. Сатырында бер нәмәһе ҡалмаҫ, Торлағы көкөрт менән ҡапланыр. Аҫтан тамырҙары ҡорор, Өҫтән ботаҡтары кибер. Исеме донъяла онотолор, Урамдарҙа бер кем дә иҫенә алмаҫ. Яҡтынан ҡараңғыға һөрөлөр, Донъя йөҙөнән ҡыуылыр. Ни балаһы, ни нәҫеле ҡалмаҫ халҡы араһында, Йәшәгән ерҙәрендә бер кем дә тере ҡалмаҫ. Көнбайышта йәшәгәндәр, уның яҙмышын ишетеп, тетрәнер; Көнсығыштағылар, уны күреп, дәһшәткә батыр. Яуыздарҙың торлағы менән шул булыр, Тәҡдире шундай аллаһыҙҙарҙың». Әйүп былай тип яуапланы: «Ҡасанға тиклем йәнемде иҙерһегеҙ? Һүҙҙәрегеҙ менән бәғеремде телерһегеҙ? Инде унар тапҡыр кәмһетеп сыҡтығыҙ, Оялмайынса нахаҡҡа рәнйеттегеҙ. Әгәр ысынлап юлдан яҙған булһам да, Унан бит бары минең үҙемә зыян! Үҙегеҙҙе минән өҫтөнөрәк ҡуяһығыҙ, Кәмһетелеүемде үҙемә ҡаршы йүнәлтәһегеҙ икән, Белегеҙ, Алла миңә ҡарата хаҡһыҙлыҡ ҡылды, Һәр тарафтан ауы менән сорнап алды. Мин: „Яуызлыҡ!“ – тип ҡысҡырам – яуап юҡ, Ярҙам һорап ялбарам – ғәҙеллек тапмайым. Юлдарымды ҡамаланы, үтә алмайым, Һуҡмағымды ҡараңғылыҡ менән томаланы. Шөһрәтемде минән тартып алды, Башымдан тажымды атып бәрҙе. Ул мине һәр яҡлап бөктө – бөттөм, Өмөтөмдө, ағас һымаҡ, тамырынан йолҡоп алды. Миңә ҡарата асыу ялҡыны дөрләй, Ул мине Үҙенә дошман һанай. Ғәскәрҙәре бергәләшеп ябырыла, Миңә ҡаршы улар уба ҡора, Тупламдары сатырымды ҡамап тора. Ағай-энемде Ул минән ситләштерҙе, Таныштарым мине ят күрәләр. Туғандарым ташланы, Йән дуҫтарым ситкә типте, Үҙ өйөмдә һыйындырған заттар, Аҫырауҙар менән хеҙмәтселәр мине ят күрәләр, Улар күҙендә килмешәккә әйләндем. Хеҙмәтсемде саҡырам, ул яуап бирмәй, Ауыҙ һыуымды түгеп ялбарырға мәжбүрмен. Һулышымдың еҫенән ҡатыным биҙҙе, Ҡәрҙәштәрем минән ерәнәләр. Хатта бала-саға мине һанға һуҡмай, Тороп баҫыуым була, үсекләй башлай. Яҡын дуҫтарым минән сикәнә, Иң яратҡан кешеләрем йөҙ сөйөрә. Тире лә һөйәк кенә тороп ҡалдым, Бына-бына йәнем сығып бара. Йәлләгеҙсе мине, дуҫҡайҙарым, Алланың ҡулы туҡманы мине! Ниңә һеҙ ҙә Алла һымаҡ баҫтыраһығыҙ, Нишләп итемде сәйнәп туя алмайһығыҙ? Әгәр һүҙҙәрем яҙылып барһа ине, Теркәлһә ине төргәк китапҡа; Тимер ҡәләм менән соҡоп, ҡурғаш ҡойоп яҙылһа, Мәңгелеккә ҡаяға сүкеп уйылһа ине! Әммә беләм: Ҡотҡарыусым йәшәй, Ахырҙа, Ул ер өҫтөндә ҡалҡыр! Хатта тирем сереп төшкәндә лә, Ошо тәнемдә Алланы күрәсәкмен. Мин Уны үҙ күҙҙәрем менән күрәсәкмен, Үҙем, башҡа берәү түгел! Бәғерем телгеләнә эсемдә. Әгәр ҙә: „Нисек беҙ уны эҙәрләйек? Яуызлыҡтың тамыры үҙендә бит һуң“, – тиһәгеҙ, Ҡылыс йөҙөнән ҡурҡығыҙ, Сөнки ярһыу ҡылыс менән язалана; Шул ваҡытта ғәҙел хөкөмдөң барлығын белерһегеҙ!» Нағамандан килгән Софар былай тип яуапланы: «Һүҙҙәрең мине хафаға һалды, Әйүп, Борсолам, өндәшмәй ҡала алмайым. Рәнйеткес битәрләүҙәр ишетәм, Зиһенем яуап бирергә рухландыра. Әллә шуны белмәйһеңме: әүәлдән үк, Әҙәм донъяға яратылғандан бирле, Яуыздарҙың ҡыуанысы ҡыҫҡа, Аллаһыҙҙарҙың шатлығы ғүмерһеҙ. Тәкәбберлеге күккә ашһа ла, Башы болоттарға тейеп торһа ла, Үҙенең тиҙәге кеүек сереп юҡҡа сығыр, Уны күргәндәр: „Ҡайҙа ул?“ – тиер. Төш шикелле осоп китер ҙә башҡа табылмаҫ, Төнгө һаташыу һымаҡ юҡ булыр. Ҡасандыр уға ҡараған күҙҙәргә күренмәҫ бүтән, Йәшәгән ерҙәре инде уны күрмәҫ. Талап йыйған малын үҙ ҡулы менән таратыр, Улдары хәйерселәрҙән хәйер һорар. Тәнендәге ташып торған йәшлек дәрте Үҙе менән бергә тупраҡҡа күмелер. Ауыҙына яуызлыҡ бик татлы тойолһа ла, Тел аҫтында ғына йәшереп тотһа ла, Ҡәҙерләп аңҡауында һаҡлаһа, Тәмләп һурһа ла, Ҡорһағына төшкәс бындай ризыҡ, Зәһәр йылан ағыуына әйләнер, Һоғонған байлығын кире ҡоҫор; Ҡарынындағыларҙы кире сығартыр Алла. Зәһәр йыландың ағыуын имер, Ҡара йыландың тешенән үлер. Күрә алмаҫ ул ағын һыуҙарҙы, Бал менән май аҡҡан йылғаларҙы. Йонсоп тапҡан малын ашай алмаҫ, таратыр, Тапҡаны шатлыҡ килтермәҫ. Сөнки ул ярлыларҙы иҙҙе, ситкә тибәрҙе, Үҙе төҙөмәгән йорттарҙы талап алды. Уның ҡарыны туя белмәне, Нәфсеһенең сиге булманы. Ашай башлаһа, артынан тәғәм ризыҡ ҡалмай, Шуға күрә байлығы оҙаҡҡа бармай. Муллыҡҡа кинәнеп йәшәгәндә, Бәлә килеп йыға һуғыр, Ҡайғы-хәсрәт өҫтөнә бер юлы ябырылыр. Ҡарынымды тултырҙым тигәндә, Алла уға утлы нәфрәтен ебәрер, Өҫтөнә ғазап яуҙырыр. Тимер ҡоралдан ҡасып ҡотолһа, Баҡыр йәйә уны ҡыуып етер. Уҡ тәнен үтәнән-үтә тишеп сығыр, Уҡ башағы үт ҡыуығын аша сығыр. Бына шунда уны дәһшәт солғап алыр. Хазиналарын ҡараңғылыҡ һағалап ятыр, Һис кем яҡмаған ут ялмап йотор, Сатырында тороп ҡалғанын да аяп тормаҫ. Енәйәттәрен күк фашлар; Ер уға ҡаршы ҡалҡыр. Алланың асыу көнөндә Йортоноң барлыҡ мөлкәтен Ташҡын йыуып алып китер. Был – залим әҙәмгә Алланан өлөш, Алланың уға тәғәйенләгән насибы ошо». Әйүп былай тип яуап ҡайтарҙы: «Әйткәнемде диҡҡәт биреп тыңлағыҙсы, Мине йыуатыуығыҙ шул булһын. Мин һөйләп бөтөргәнсе генә түҙегеҙ, Унан, теләһәгеҙ, көлөрһөгөҙ. Мин кешеләрҙән зарланаммы ни? Шулай булғас нисек сабыр итәйем һуң? Ҡарағыҙ миңә – һушығыҙ китер, Ҡулығыҙ менән ауыҙығыҙҙы ҡапларһығыҙ. Уйлаһам, хатта үҙем дә ҡурҡам – Бөтөн тәнем ҡалтырауға ҡала. Ни өсөн яуыздар йәшәй, Өлкәнәйгән һайын ҡеүәттәре арта бара? Уларҙың балалары һәр саҡ эргәләрендә, Нәҫелдәре күҙ алдында. Өйҙәре имен, бер ниндәй ҡурҡыныс юҡ, Алланың таяғы баш өҫтәрендә янамай. Үгеҙҙәренең орлоғо әрәм булмай, Һыйырҙары йыл һайын быҙаулай, Быҙауын һалмай. Бала-сағалары көтөү булып йөрөй, Бәрәстәр кеүек һикерәнләп уйнай. Дөңгөр һуғып, арфа сиртеп бейешәләр, Һыбыҙғыға ҡушылышып йырлайҙар. Ғүмерҙәре муллыҡта үтә, Тыныслыҡта улар үлектәр донъяһына китә. Ә бит Аллаға: „Кит беҙҙән, – тиҙәр. – Һинеңсә йәшәргә теләмәйбеҙ. Кем ул сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе, Уға хеҙмәт итергә? Уға доға ҡылыуҙан ни фәтүә?“ Әммә муллыҡтары уларҙың үҙ ҡулдарында түгел. Ҡуй, яуыздарҙың өгөтө минән алыҫ торһон! Яуыздарҙың шәме йыш һүнәме лә, Баштарына ҡайғы-хәсрәт киләме? Алла асыуланған сағында уларға ғазап бирәме? Нисә тапҡыр ел осорған һалам һымаҡ, Дауыл елгәргән кәбәк кеүек булдылар? „Алла язаны уларҙың Балаларына һаҡлап тора“, – тиһегеҙме? Юҡ, әжерен үҙҙәренә бирһен, белһендәр. Үҙҙәренең һәләкәтен үҙ күҙҙәре күрһен, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең асыуын үҙҙәре эсһен. Юҡһа, ғүмерҙәре бөткәс, көндәренең ахыры килгәс, Ғаиләһендә уларҙың ни ҡайғыһы бар? Иң юғарылағыларҙы ла хөкөм ҡылыусы Аллаға Кем аҡыл өйрәтә алыр? Башҡа берәү ғазап сигеп, Һис рәхәтлек күрмәй китеп барыр. Икеһе лә бер тупраҡҡа ятыр, Икеһенең дә тәнен ҡорт баҫыр. Беләм нимә уйлағанығыҙҙы, Миңә ҡаршы мәкер ҡорғанығыҙҙы. Әйтерһегеҙ: „Ҡайҙа һуң затлының йорто? Яуыздар йәшәгән сатыр ҡайҙа?“ Юлаусыларҙан һорашманығыҙмы ни? Күргәндәрен иҫәпкә алманығыҙмы? Залим һәләкәт көнөндә имен ҡала, Раббының асыу көнө уны урап үтә. Кем дөрөҫлөктө битенә бәреп әйтер? Кем ҡылғанының ҡонон ҡайтарыр? Мәйетен зыяратына алып барғанда Ҡәберенә ҡарауыл ҡуйырҙар. Үҙән тупрағы мамыҡтай булыр, Иҫәпһеҙ халыҡ алдынан, Һанһыҙ артынан оҙатып барыр. Ниңә кәрәк миңә юҡ-бар йыуатыуҙарығыҙ? Яуаптарығыҙ бит тотош ялған». Темандан килгән Әлифаз былай тип яуап ҡайтарҙы: «Кешенән Аллаға ниндәй файҙа? Әҙәмдең иң аҡыллыһынан Уға бер фәтүә бармы? Һинең тәҡүә булыуың сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенә ҡыуанысмы? Ул һинең пак йәшәүеңдән нимә ота? Ул һине Үҙенән ҡурҡҡан өсөн әрләй, Шуға күрә хөкөмгә илтә тиһеңме? Яуызлығыңдың сиге юҡ, Енәйәттәрең һанһыҙ түгелме? Ҡәрҙәштәреңдән сәбәпһеҙгә аманат алдың: Һуңғы кейемен систереп, яланғас ҡалдырҙың, Арығанға эсергә һыу бирмәнең, Асыҡҡандан икмәгеңде йәлләнең. Ергә ҡеүәтлеләр хужа була, Дәрәжәле генә унда төйәкләнә, тип уйланың. Тол ҡатынды буш ҡул менән кире борҙоң, Етемдәрҙе һуңғы таяныстан яҙҙырҙың. Шуға күрә әйләнәңдә – тоҙаҡ, Көтөлмәгән дәһшәт солғап алған. Шуға күҙеңде ҡараңғылыҡ томалай, Ташҡын һыуҙары башыңдан ашҡан. Күктәрҙән дә юғарыраҡ түгелме ни Алла? Күҙҙәреңде күтәреп баҡ, Йондоҙҙар ҡайһылай бейек! Ә һин: „Алла нимә белә? – тиһең. – Ҡараңғылыҡ аша нисек хөкөм ҡылһын? Ул күрмәй, ҡуйы болот ышыҡлай. Йөрөй тегендә-бында күк көмбәҙендә“. Һин дә тотмаҡсыһыңмы залимдар һалған иҫке юлды? Улар был донъянан ваҡытынан алда китте. Нигеҙҙәрен ташҡын йыуып алды. Улар Аллаға: „Йыраҡ тор беҙҙән! – тип әйтә ине. – Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе нимә эшләтә алһын беҙҙе?“ Әммә өйҙәренә бәрәкәт биргән Ул ине. Шуға ла яуыздарҙың ниәте алыҫ торһон минән! Тәҡүәләр яуыздарҙың һәләкәтен күреп шатланыр, Гонаһһыҙҙар уларҙан көлөр: „Бына дошмандарыбыҙ юҡ булды, Байлыҡтары янып, көлгә әйләнде!“ Алла менән татыулаш та тыныслыҡ тап, Шул сағында бәрәкәт тә килер. Тыңла Уның ауыҙынан сыҡҡан өгөт-нәсихәтте, Әйткән һүҙҙәрен гел күңелеңдә йөрөт. Әгәр ҙә сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенә табан йөҙ борһаң, Ҡабат аяҡҡа баҫырһың. Тик яманды сатырыңдан алыҫҡа ҡыу! Алтыныңды саң-туҙанға, Офир алтынын ҡырсынташ араһына ырғыт – Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Үҙе һинең алтының, Өйөм-өйөм көмөшөң булыр. Шул саҡ сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенән һөйөнөс алырһың, Күҙҙәреңде Аллаға төбәрһең. Уға доға ҡылырһың, ишетер, Әйткән нәҙерҙәреңде үтәрһең. Нимә ниәт ҡылһаң, шул ғәмәлгә ашыр, Юлдарыңа нур һирпелер. Түбәнһетелгән, йығылғанды күреп: „Торғоҙоғоҙ!“ – тип әйтерһең. Алла күңеле төшкәндәрҙе ҡотҡарыр. Хатта ғәйебе булһа ла йолоп алыр, Һинең ҡулыңдың паклығы арҡаһында гонаһлы ҡотҡарылыр». Әйүп былай тип яуап ҡайтарҙы: «Аһ-зарым бөгөн тағы ла әрнеүлерәк, Ыңғырашыуымды тыйырға тырышам. Белһәм икән Уны ҡайҙан табырға, Төйәгенә бара белһәм икән! Дәғүәмде алдына һалыр инем, Ауыҙ тултырып дәлилдәремде әйтер инем. Нисек яуап ҡайтарғанын белер инем, Бөтә әйткәндәрен аңлар инем. Ғиззәтле, ҡөҙрәтле була тороп, Минең менән хөкөмләшер инеме? – Юҡ, Ул миңә ҡолаҡ һалыр ине. Шунда намыҫлы Уның менән бәхәсләшә алыр, Мин Хөкөмдарым янында хаҡлыҡ ҡаҙаныр инем. Әммә көнсығышҡа барһам – Ул унда юҡ, Көнбайышҡа барһам да таба алмайым. Ғәмәлдәре төньяҡ тарафтамы – күҙем күрмәй; Көньяҡҡа бороламы – абайламай ҡалам. Әммә Ул минең тотҡан юлымды белә. Әйҙә, һынаһын – саф алтын һымаҡ буласаҡмын. Мин фәҡәт Уның аҙымдарынан барҙым, Уның юлын тоттом, ситкә атламаным. Ауыҙынан сыҡҡан бойороғонан тайпылманым, Әйткәндәрен көндәлек икмәгемдән артыҡ күреп ҡәҙерләнем. Әммә Ул Үҙе хәл итә. Кем Уның фекерен үҙгәртә алыр? Ул нимә теләһә, шуны ҡыла. Минең хаҡтағы ҡарарын бойомға ашырыр, Ундай ниәттәре Уның күптер. Шуға күрә ҡаршыһында ҡурҡып торам, Уйлауым була, ҡалтырап төшәм. Алла бар тәҡәтемде ҡоротто, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе ҡотомдо алып бөттө. Әммә йөҙөмдө ҡаплаған дөм ҡараңғылыҡ Минең ауыҙымды яба алмаҫ. Ни өсөн сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Хөкөм өсөн ваҡыт билдәләмәй? Ни өсөн Алланы танығандар Уның залимдарға ҡаршы булғанын һис күрмәй? Кешеләр ыҙан таштарын күсереп ҡуя, Урланған малдарын көтә. Етемдәрҙең ишәген алып китә, Тол ҡатындың үгеҙен аманат итеп алып ҡала. Ярлыларҙы юлдан ситкә ҡыуа – Барса фәҡир йәшенергә мәжбүр була. Мохтаждар, ҡырағай ишәктәр кеүек, Ризыҡ эҙләп сүллек, ҡоро дала гиҙә; Башҡа нисек балаларын туйындырһын? Яттарҙың баҫыуынан башаҡ йыялар, Залимдарҙың баҡсаһынан ҡалдыҡ йөҙөм сүпләйҙәр. Кейер кейем, ябыныр нәмә юҡ, Һыуыҡта яланғас килеш йоҡлайҙар. Тауҙарҙа һалҡын ямғырҙа һыуланышып, Ышыҡ тапмай ҡаяларға һыйыналар. Етем сабыйҙы күкрәктән айыралар, Бурысын ҡаплатыр өсөн ярлының балаһын алалар. Кейем әҫәрҙәре юҡ, яланғастар, Көлтә ташыйҙар, ә ҡарындары ас. Зәйтүн ағастары араһында май һығалар, Йөҙөм һуты сығаралар, ә үҙҙәре сарсауҙан йонсойҙар. Ҡалала – үлем сигендәгеләр ыңғыраша, Яралылар ярҙам һорап иңрәй, Әммә Алла доғаларын иғтибарға алмай! Яҡтылыҡҡа ҡаршы баш күтәргәндәр бар, Улар нурлы юлды танымайҙар, Нур юлы алып барған яҡҡа бармайҙар. Үлтереүсе ҡараңғынан тора, Юҡһыл менән ярлының ғүмерен ҡыя, Ә төн етһә, урлашырға сыға. Зинасының күҙе эңер көтә, „Бер кем дә мине күрмәй!“ – тип йөҙөн ҡаплай. Ҡараҡ ҡараңғыла диуарҙа ярыҡ яһай, Яҡтылыҡ тигәнде белмәй, көндөҙ боҫа. Ҡараңғылыҡ улар өсөн – таң нурылай, Ҡараңғылыҡ дәһшәте – уларға әшнә. Яуыздар бит һыу өҫтөндәге күбеккә оҡшаш, Ерҙә уларҙың биләмәһе ҡәһәрле, Йөҙөм баҡсаларына бер кем дә аяҡ баҫмаҫ. Ҡоролоҡ менән эҫелек ҡар һыуҙарын йотҡан һымаҡ, Гонаһлыларҙы үлеләр донъяһы ялмап алыр. Хатта уларҙы әсә ҡарыны ла онотор, Бары ҡорттар ғына тәмләп ашар. Һис кем уларҙы хәтергә алмаҫ – Золом ағас һымаҡ һыныр. Улар түлһеҙ ҡатындарға яманлыҡ ҡылыр, Тол ҡатындарға яҡшылыҡ күрһәтмәҫ. Улар үҙ көсө менән көслөнө лә һөйрәп ергә бәрер. Улар тороп баҫыр, әммә үҙ ғүмере өсөн ышанысы ҡалмаҫ. Ә Алла уларға ла форсат бирер – Имен-аман йәшәһендәр, Тик йөрөгән юлдарын күҙәтеп торор. Бер аҙ үрләүҙәре булыр – юҡҡа сығырҙар, Башҡалар кеүек үк йығылырҙар, йыйып алынырҙар, Башаҡ кеүек ҡырҡылып төшөрҙәр. Улай түгелме? Кем әйткәндәремде ялған тиер? Кем һүҙҙәремде бушҡа сығарыр?» Шуахтан килгән Билдад былай тип яуап бирҙе: «Аллала – хакимлыҡ менән дәһшәт. Ул Үҙ юғарылығында именлекте бар ҡыла. Уның ғәскәрҙәренең хисабы-һаны бармы? Нуры кемгә генә төшмәй? Кеше Алла күҙендә нисек хаҡ була алһын? Ҡатындан тыуған зат нисек пак булһын? Ҡара, Алла хозурында ай ҙа тоноҡ, Хатта йондоҙҙар ҙа пак түгел. Селәүсен һымаҡ ҡына фани бәндәгә ни һан? Әҙәм балаһы бары – ер ҡорто!» Әйүп былай тип яуап ҡайтарҙы: «Хәле ҡалмағанға нисек ярҙам иттең? Көсһөҙ ҡулға таяныс булдыңмы? Аҡылы етмәгәнгә ниндәй шәп кәңәш бирҙең? Уға ниндәй мул-мул белем бирҙең? Был һүҙҙәргә һине кем өйрәтте? Кемдең рухы һинең аша һөйләй? Аҫта әруахтар тетрәнә, Һыуҙар һәм дә унда йәшәүселәр. Алла хозурында үлеләр донъяһы шар асыҡ, Һәләкәт еренең ҡапҡасы юҡ. Ул төньяҡты бушлыҡтың өҫтөнә киргән; Һис нимәһеҙ ерҙе аҫып ҡуйған. Ул болоттарына һыу туплай, Һыуҙың ауырлығына болоттар йыртылмай. Ул тәхетен йәшереп ҡуя, Үҙенең болото менән ҡаплай. Һыуҙар өҫтөнә офоҡто һыҙып, Яҡтылыҡ менән ҡараңғылыҡты сикләй. Уның дәһшәтле ауазынан ҡурҡып Күктең таяуҙары дер ҡалтырай. Ҡеүәте менән диңгеҙҙе буйһондорҙо, Аҡылы менән Раһавты дөмбәҫләне. Уның һулышынан күк йөҙө асылды; Ҡулы ҡасҡан йыланды сәнсеп үлтерҙе. Былар – Уның ғәмәлдәренең тик аҙы ғына! Уның хаҡында ишеткәнебеҙ, гүйә, тик бышылдау. Ә Уның ҡөҙрәтле күкрәүен кем аңлай ала?» Әйүп телмәрен дауам итеп былай тине: «Хаҡ хөкөмдән мине мәхрүм иткән Алла, Миңә хәсрәт сиктергән сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Үҙе шаһит: Ҡасанға тиклем эсемдә йәнем, Танауымда Алланың һулышы булһа, Шуғаса ауыҙымдан алдаҡ һүҙ сыҡмаҫ, Телем ялғанды һөйләмәҫ! „Әйткәнегеҙ дөрөҫ“, – тип әйтеүҙән йыраҡмын мин. Һуңғы һулышыма тиклем намыҫлы булыуымдан баш тартмам. Хаҡлығымда ҡаҡшамай ныҡ торам; Үткән көндәрем өсөн выжданым тыныс. Дошманым яуыз әҙәмдәр иҫәбендә йөрөһөн, Миңә ҡаршы булғандар ямандар һымаҡ язаланһын. Ахыры еткәс, Алла уның йәнен алған саҡта, Аллаһыҙ кеше нимәгә өмөтләнер? Башына бәлә-ҡаза килгәндә, Ярҙам һорап ялбарыуын ишетерме Алла? Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенән йыуаныс алырмы? Һәр ваҡыт Аллаға ялбарырмы? Бына мин һеҙгә Алланың ҡөҙрәте тураһында һөйләйем, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең ниәттәрен йәшермәйем. Асылда, быны һәр берегеҙ күрҙе, Шулай булғас ниңә буш һүҙ һөйләйһегеҙ? Залим әҙәмдең Алланан алыр өлөшө, Иҙеүсенең сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенән алыр мираҫы ошо: Бала-сағаһы бихисап күп булһа ла – Ғүмерҙәре ҡылыстан өҙөлөр. Нәҫелендә туйғансы икмәк ашаған булмаҫ. Иҫән ҡалғандарҙы үләт ҡәбергә индерер, Тол ҡалған ҡатындары илап оҙата алмаҫ. Ҡом һымаҡ хисапһыҙ көмөш йыйһа, Кейем-һалымын балсыҡтай өйөп һалһа ла, Ул әҙерләгәнде тәҡүә кеше кейер, Көмөшөн ғәйепһеҙҙәр бүлешеп алыр. Өйө – үрмәксенең ауы һымаҡ, Ҡырҙағы ҡарауылсы ҡыуышы кеүек булыр. Бай булып йоҡларға ятыр, Иртән күҙен асһа – бер нәмәһе лә ҡалмаған. Дәһшәт уны ташҡын һымаҡ баҫыр, Төндә дауыл өйөрөлтөп китер. Көнсығыштан иҫкән көйҙөргөс ел Уны урынынан ҡуптарыр, Осороп алып китер. Ул ҡасып маташыр, әммә дауыл Уға ҡотолорға ирек бирмәҫ. Ел уның артынан әсе һыҙғырып, Ҡулын сабып тороп ҡалыр». Көмөш сығарылған шахталар бар, Алтын йыуа торған урындар бар. Тимер тупраҡтан ҡаҙып сығарыла, Баҡыр руданан иретелеп алына. Кеше ҡараңғылыҡты ла сигендерә; Үлем күләгәһе хөкөм һөргән Дөм ҡараңғы төпкөлдә таштар аҡтара. Кеше йәшәмәгән төбәктәрҙә Руда эҙләп тәрән соҡор ҡаҙалар, Бер кем аяҡ баҫмаған алыҫ ерҙәрҙә Шул соҡорҙарға төшәләр, Бауға бәйләнеп эшләйҙәр. Өҫтә икмәк үҫтергән ер Аҫта утта янып ирегән шикелле. Таштарында зәңгәр яҡут йәшеренгән, Балсығынан алтын табыла. Унда илткән юлды йыртҡыс ҡоштар белмәй, Ыласындың күҙе уны күрмәй. Ҡырағай йәнлектәр ҙә йөрөмәй унан, Арыҫландың тәпәйе лә баҫмай бында. Ә кеше саҡматаштай ҡаты ҡаяларҙы емерә, Тауҙарҙы төбө-тамырынан аҡтара; Тау-таштарҙы соҡоп, тишеп үтә, Күҙҙәре бөтә хазиналарҙы күрә. Йылғаларҙың инешенә барып етә, Йәшеренде яҡтыға сығара. Әммә аҡыл ҡайҙан табыла һуң? Зиһендең инеше ҡайҙа? Әҙәм балаһы уның баһаһын белмәй, Тереләр донъһында уны табып булмай. Тәрәнлектәр әйтер: «Ул миндә юҡ». «Минең янда ла юҡ», – тиер диңгеҙ. Уны саф алтын түләп тә алып булмаҫ, Ҡиммәте көмөш менән дә үлсәнмәҫ. Уны Офир алтыны менән дә, Оникс һәм зәңгәр яҡут менән дә баһалап булмаҫ. Уға алтын да, гәлсәр ҙә тиң түгел, Саф алтын һауытҡа ла алмаштырылмаҫ. Ынйы-мәрйенде инде әйтеп тә тораһы юҡ; Аҡылдың ҡиммәте аҫылташтарҙан да өҫтөн. Куштың хризолиты уға тиңдәш түгел, Саф алтын менән ул баһаланмай. Улай булғас, ҡайҙан килә һуң ул аҡыл? Зиһендең инеше ҡайҙа? Ул бөтә йән эйәләренең күҙенән дә, Һауалағы ҡоштарҙан да йәшерелгән. Хатта Һәләкәт ере менән Үлем дә: «Ҡолағыбыҙға ғына салынғаны бар», – тиҙәр. Уға алып барған юлды бары Алла белә, Ул ғына хәбәрҙар аҡыл төйәгенә. Ул күрә ер йөҙөн сигенән сигенә тиклем, Күк аҫтындағы бар нәмәне Ул байҡай. Елгә көс биргән сағында, Һыуҙарҙы үлсәп сик ҡуйғанында, Ямғырға ҡағиҙә биргәнендә, Йәшенле дауылға юл асҡан саҡта Ул аҡылды күреп баһаланы, Уны нығытты, һынаны. Әҙәмгә әйтте: «Ысын зирәклек – Раббы Хакимдан ҡурҡыу. Яуызлыҡтан йыраҡ тороу иһә – аҡыл». Әйүп телмәрен дауам итеп былай тине: «Әгәр ҙә мин үткән мәлдәрҙәге, Алла мине ҡурсалаған көндәрҙәге кеүек булһам икән! Баш осомда шәме яҡтылыҡ тарата, Уның нуры аҫтында ҡараңғылыҡ аша бара инем. Ғүмеремдең сәскәле мәле кире ҡайтһасы, Сатырымды Алла Үҙе ҡанаты аҫтында тота ине. Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе әле янымда, Балаларым әйләнәмдә ине. Ҡайҙа һуң аяҡтарым һөттә йыуылған, Ҡаяларҙан зәйтүн майы ағып торған көндәр! Ҡала ҡапҡаһы янына сығып, Майҙанда урынымды алған сағымда Йәштәр мине күреп юл бирә һала, Ҡарттар ҡалҡып аяғүрә баҫа, Түрәләр һөйләүҙән туҡтап, Ҡулдары менән ауыҙын ҡаплай, Затлыларҙың тауышы ҡарлыға, Телдәре аңҡауҙарына йәбешә торғайны. Мине ишеткәндәр бәхетле тип атаны, Мине күргән күҙҙәр шаһит ине – Сөнки ярҙам ялбарған ярлыны, Яҡлаусыһыҙ етемде ҡотҡара инем. Үлеп барғандар миңә фатиха бирә торғайны, Тол ҡатындың күңелен ҡыуанысҡа тултыра инем. Тәҡүәлеккә кейем һымаҡ уранғайным, Ғәҙеллек – өҫтөмдәге сапаным менән сәлләм булды. Һуҡырҙарға күҙ булдым, Аҡһаҡтарға аяҡ инем. Хәйерселәрҙең атаһы булдым, Таныш булмағандарҙың дәғүәһен тикшерҙем. Хаҡһыҙҙың яңағын һындыра һуҡтым, Табышын тештәре араһынан тартып алдым. „Ғүмерем оҙон, көндәрем ҡом саҡлы булыр, Үҙ оямда үлермен, – тип ышандым. – Тамырҙарым һыуға тейер, Ботаҡтарымда төн һайын ысыҡ ҡуныр, Шөһрәтем һәр саҡ яңырып торор, Ҡулымдағы йәйәм ҡаты булыр“, – тинем. Кешеләр һөйләгәнемә ҡолаҡ һала, Кәңәшемде шымып көтә ине. Минең һүҙем һәр саҡ һуңғы булды, Һүҙҙәрем уларға ысыҡ тамсыһылай тамды. Улар мине ямғырҙай көтөп алыр, Һүҙҙәремде яҙғы ямғыр һымаҡ йотор ине. Йылмайыуым уларҙа өмөт уята, Яҡты йөҙөм күңелдәрен күтәрә торғайны. Уларға юл күрһәтә, башлыҡ һымаҡ әйҙәй инем, Ғәскәр уртаһындағы батшалай йәшәй инем, Йәш түккәндәрҙе йыуатыр булдым. Әле иһә йәшерәктәр мине мыҫҡыл итеп көлә. Ә бит ваҡытында аталарын һис бер эшкә лайыҡ күрмәҫ инем, Көтөүемдең эттәре янына хатта ҡуймаҫ инем. Уларҙан миңә ни файҙа: Көс-ҡеүәттәре бөткән. Мохтажлыҡтан һәм аслыҡтан миктәп, Ҡыу далала, ҡараңғыла ҡатҡан тупраҡ кимерәләр; Шырлыҡта әсе үлән йолҡоп ашайҙар, Икмәк урынына артыш тамыры сәйнәйҙәр. Кеше араһынан ҡыуылалар, Бурҙарҙы баҫтырған һымаҡ, Арттарынан ҡысҡырып ҡалалар. Ҡороған йылға йырындарында, Өңдәрҙә, ҡая ярыҡтарында йәшәйҙәр. Ҡыуаҡ араһында хайуан һымаҡ олойҙар, Сәнскәк аҫтында өймәкләшәләр. Бөтә ерҙән дә һөрөлгән Атһыҙ-затһыҙ әҙәм аҡтыҡтары! Инде шулар минән көлөп Мәсхәрәле таҡмаҡ йырлай, Мин уларға көлкө булып ҡалдым. Минән сирҡаналар, ситләшәләр, Битемә төкөрөүҙән дә тартынмайҙар. Алла йәйәмдең керешен бушатып мине кәмһетте, Шуға улар минең алда үтә йүгәнһеҙләнә башланы. Уң яғымдан ябырыла был өйөр, Мине аяҡтан йығырға тырыша, Һәләк ҡылыу өсөн ҡамау һала. Улар минең юлыма арҡыры төшә; Мине һәләк итергә керешә, Һис кем уларҙы туҡтатмай! Емерелгән диуар аша ябырылған дошман һымаҡ, Ватып-емереп өҫтөмә ташланалар. Мине дәһшәт солғап алды, Абруйым ел кеүек осоп китте, Именлегем томан һымаҡ таралды. Инде йәнем ташлап сығыр хәлдә, Хәсрәт көндәре артымдан ҡыуып етте. Төндәрен түҙгеһеҙ һыҙлай һөйәктәрем, Бер туҡтауһыҙ әрнеү йонсота. Алла мине кейемемдән матҡып алды; Яғамдан аймап һыҡты. Ул мине бысраҡҡа быраҡтырҙы, Саң-туҙанға, көлгә әйләндем. Һиңә ялбарам, яуап бирмәйһең. Алдыңа баҫам, тик ҡарап тораһың. Миңә ҡарата аяуһыҙландың; Көслө ҡулың менән ғазаплайһың. Мине күтәреп елгә мендерҙең, Ғәрәсәт эсендә өйрөлдөрөп йөрөтәһең. Беләм, һин мине үлемгә – Бөтөн тереләргә тәғәйен булған һуңғы йортҡа илтәһең. Бәләгә тарыған әҙәм ярҙам һорап ҡысҡырғанда Уға ҡаршы ҡул күтәрәләрме ни? Ауыр хәлгә төшкәндәр өсөн мин иламаныммы ни? Ярлыларҙың хәленә мин инмәнемме? Мин яҡшылыҡ көттөм – яманлыҡ килде; Яҡтылыҡ өмөт иткәндә, ҡараңғылыҡ баҫты. Эсем яна, тынғылыҡ таба алмайым; Хәсрәтле көндәр мине һағалай. Ҡарайып ҡаттым, тик ҡояштан түгел; Йыйын уртаһында тороп ялбарамын. Хәҙер мин сүл бүреләренә туған, Дөйәғоштарға дуҫ булып ҡалдым. Тирем ҡарайып, һуйылып төштө, Һөйәктәрем ялҡынһынып яна. Минең арфам хәҙер иңрәп илай, Һыбыҙғым һыҡтаусы кеүек ыңғыраша. Ҡыҙҙарға күҙ һалмам тиеп, Күҙҙәрем менән килешеү төҙөшкәйнем. Кеше юғарынан – Алланан ниндәй өлөш алыр? Кешегә өҫтән – сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенән ниндәй биләмә булыр? Һәләкәт залимдар өсөн, Бәлә хаҡһыҙлыҡ ҡылғандар өсөн түгелме ни? Алла минең йөрөгән юлдарымды күрмәй, Баҫҡан аҙымды һанап тормаймы ни? Әгәр ҙә мин яңылышҡа боролһам, Аяҡтарым ялған артынан ашыҡҡан булһа – Әйҙә Алла мине иң дөрөҫ бизмән менән үлсәһен, Шунда Ул намыҫлылығымды белер. Әгәр ҙә аяҡтарым юлдан тайпылһа, Күҙҙәрем күңелемде аҙҙырһа, Ҡулдарым бысранған булһа, Сәскәнемде башҡа берәү ашаһын, Игенем тамырынан йолҡоп алынһын. Ят ҡатын тип аҡылымды юйған булһам, Күршем ишеге төбөндә боҫоп ятһам, Үҙ ҡатыным башҡа ир өсөн он тартһын, Яттар уны түш аҫтына һалһын. Был – боҙоҡлоҡ, Хөкөмгә бирелергә тейешле ғәйеп һаналыр, Һәләкәт еренә саҡлы өтөп барған, Бөтә уңышымды тамырынан ҡоротҡан ут булыр ине. Миңә ҡаршы дәғүә белдергәндә Ҡол һәм ҡолиәләремдең хоҡуҡтарын инҡар итһәм, Алла мине хөкөм итергә ҡалҡҡанда нишләр инем? Ул һорау алғанда нимә тип әйтер инем? Мине әсәм ҡарынында яратҡан Алла, Уларҙы ла яратмағанмы ни? Беҙгә рәүеш биргән дә Ул түгелме? Әллә мохтаждарҙың үтенесен кире ҡаҡтыммы, Тол ҡатындың өмөтөн һүндерҙемме, Икмәгемде яңғыҙ ултырып ашаныммы, Етемдәргә бирмәнемме? Йәш сағымдан етемдәргә атай урынында, Бала саҡтан тол ҡатындарға таяныс булдым. Яланғастың туңып үлгәнен, Ярлының кейемһеҙ өшөгәнен күреп, Битараф ҡына ҡарап торһам, Һарыҡтарымдың йөнө уларҙы йылытмаһа, Улар миңә ысын күңелдән рәхмәт әйтмәһә, Хөкөмләшкәндә һүҙем үткәнде белеп, Етемгә ҡул күтәргән булһам – Ҡалаҡ һөйәгем ҡаймыҡһын, Ҡулым яурынымдан өҙөлөп төшһөн! Сөнки мин Алланан килгән бәләнән ҡурҡам, Бөйөклөгө алдында мин тора алмаҫ инем. Әгәр алтынға өмөт бағлаған булһам, Саф алтынды: „Ышанысым һин!“ – тиһәм, Байлығымдың күплегенә эреләнеп, Үҙ ҡулым менән тапҡандың муллығына маһайһам; Әгәр балҡыған ҡояшҡа, Балҡып хәрәкәт иткән айға ҡарап, Күңелем түрендә уларға ымһынһам, Уларға илаһтарға табынған һымаҡ ҡул һонһам; Был да хөкөмгә бирерлек ғәйеп, Юғарылағы Аллаға хыянат булыр ине. Әллә мине күрә алмаған кешенең ҡайғыһына ҡыуандыммы? Башына бәлә килде тип шатландыммы? Уның башына ҡарғыш төшөүен теләп, Ауыҙыма гонаһ ҡылырға мин юл ҡуйманым. Өйөмдәге кешеләрҙең: „Туйғансы итен ашаһаң ине“, – тип әйткәне бармы? Мосафирҙар ҡапҡам төбөндә ҡунманы; Ишегем һәр юлаусыға асыҡ булды. Әгәр мине тыңлаған берәү булһасы! Мин һүҙемдең хаҡлығын раҫлап имза ҡуям – Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе миңә яуап ҡайтарһын! Ғәйепләүсем дәғүәһен төргәк китапҡа яҙып тотторһон. Мин ул төргәк китапты яурыныма һалып, Таж итеп башыма кейеп йөрөр инем. Һәр атлаған аҙымымды Аллаға белдерер инем, Бер шаһзада һымаҡ хозурына барыр инем. Баҫыуым да мине ғәйепләһә, Бураҙналар минән зарланып һыҡтаһа, Уның уңышын бушлай ашаһам, Ер эшкәртеүселәрҙең йәнен йонсотһам, Баҫыуымда бойҙай урынына сәнскәк, Арпа урынына алабута үҫһен». Ошонда Әйүптең һүҙе тамамланды. Ахыр сиктә был өс кеше бәхәсләшеүҙән туҡтаны, сөнки Әйүп үҙенең хаҡлығына шикләнмәй ине. Әммә Әйүптең Алланы түгел, ә үҙен хаҡлы һанағанына Рам тоҡомонан булған Буздың нәҫел вариҫы Барахел улы Әлиһуҙың бик ныҡ асыуы ҡабарҙы. Әйүпте ғәйепләһәләр ҙә, уға яуап таба алмағандары өсөн, Әлиһу Әйүптең өс дуҫына ла асыуланды. Башҡалар йәшкә унан өлкәнерәк булғанлыҡтан, Әлиһу Әйүп менән һөйләшеүгә ҡыҫылмайыраҡ тора ине. Был өсәүҙең әйтер һүҙе ҡалмағанын күреп, ярһып китте. Буздың нәҫеленән Барахелдың улы Әлиһу былай тине: «Йәшем буйынса кесемен, ә һеҙ өлкәнһегеҙ. Шуға ла ҡыйыуһыҙландым, Фекеремде белдерергә ҡурҡып торҙом. „Әйҙә, оҙаҡ йәшәгәндәр һөйләһендәр, – тип уйланым. – Өлкәндәр аҡылға өйрәтһен“. Ысынында, кешелә булған рух, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең һулышы әҙәмгә зирәклек бирә. Хикмәт йәштә түгел. Ғәҙеллекте аңлау тик ҡарттарға ғына бирелмәгән. Шуға күрә: „Мине лә тыңлағыҙ, – тием. Мин дә фекеремде әйтәйем“. Һеҙҙең һөйләгәнегеҙҙе көттөм, Һеҙ һүҙ һайлаған арала, Фекерҙәрегеҙгә ҡолаҡ һалдым. Мин һеҙҙе ҙур иғтибар менән тыңланым, Әммә берегеҙ ҙә Әйүптең хаҡ булмағанын раҫлай алманы, Уның әйткәндәренә яуап бирмәне. „Аҡыллы фекергә килдек, – тип әйтергә ашыҡмағыҙ. – Йәнәһе, уны әҙәм түгел, Алла фашлар“. Әммә Әйүптең һүҙҙәре миңә ҡаршы йүнәлмәгән, Мин уға һеҙҙеңсә яуап ҡайтармайым. Улар аптырап ҡалдылар, башҡа яуап тапманылар, Әйтергә һүҙҙәре ҡалманы. Улар өндәшмәй, яуапһыҙ тора, тип Мин һаман да көтөп торайыммы? Минең дә әйтер һүҙем бар, Мин дә белгәнемде әйтәм. Сөнки эсем таша әйтер һүҙҙән, Рух миңә тынғылыҡ бирмәй. Әйтерһең, эсемдә шарап ҡайнай, Гүйә шартлап ярылырға еткән яңы турһыҡмын. Әйтәйем дә, эсем бушап ҡалыр; Ауыҙ асайым да яуап ҡайтарайым. Бер кемде лә яҡламайым, Һис кемгә ярарға тырышмайым. Хәйер, ялағайлана ла белмәйем мин; Юҡһа Яратыусым тиҙ үк мине юҡ итер ине. Инде хәҙер, Әйүп, мине тыңла, Әйткән һәр бер һүҙемә ҡолаҡ һал. Ҡара, ауыҙымды асам, Һүҙҙәрем телем осонда тора. Һүҙҙәрем ихлас йөрәктән сыға, Ирендәрем белгәнде, хаҡты һөйләй. Мине Алланың рухы бар ҡылды, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең һулышы йәшәү бирә. Әгәр ҡулыңдан килһә, яуап бир; Әйҙә, дәлилдәр әҙерлә, ҡаршыма баҫ. Мин дә Алланың алдында тап һинең кеүек – Мин дә балсыҡтан әүәләнгәнмен. Һиңә минән ҡурҡырға урын юҡ; Ҡулым өҫтөңә ауыр йөк булып ятмаҫ. Әйткәндәрең ҡолағымда яңғырап торҙо. Мин һүҙҙәреңде ишеттем: „Пакмын, гонаһ юҡ миндә; Сафмын, ғәйепһеҙмен. Ә Ул мине ғәйепләргә сәбәп эҙләй, Мине Үҙенә дошман тип һанай. Аяҡтарыма ҡалып кейҙерә, Һәр юлымды ҡарап-күҙәтеп тора“. Әммә һиңә шуны әйтәм: Был йәһәттән һин хаҡлы түгелһең, Сөнки Алла кешенән бөйөк. Бер һүҙеңә лә яуап бирмәй тип, Нимәгә һиңә уның менән сәкәләшергә? Алла бер төрлө, икенсе төрлө әйтеп ҡарай, Әммә Уны аңламайҙар. Төштә, төнгө күренмештә, Кешене тәрән йоҡо баҫҡанда, Түшәктә серем итеп ятҡанда, Кешенең ҡолағын аса, Иҫкәртеүҙәр менән ҡотон ала, Уны яуызлыҡ ҡылыуҙан арындырыу, Тәкәбберлектән ҡотҡарыу өсөн; Йәнен ҡәбер соҡоронан, Ғүмерен ҡылыстан йолоп ҡалыр өсөн. Ҡаты ауырыу түшәккә йығып һабаҡ бирә, Һөйәктәрен һыҙландырып, аҡылға ултырта. Ундай саҡта кеше ашауҙан биҙә; Иң яратҡан ризығынан да екһенә. Уның тәне күҙ алдында кибә, Һөйәктәре төртөп килеп сыға. Йәне ҡәбер соҡорона, Ғүмере үлем илселәренә яҡынлаша. Әгәр янында бер фәрештә, Меңәрләгән яҡлаусының береһе булһа, Кешегә нимә дөрөҫ икәнен әйтеп торһа, Уға мәрхәмәт күрһәтеп, Алланан: „Уны ҡәбергә төшөүҙән ҡотҡар, Уның өсөн түләргә йолом таптым“, – тип һорар. Шул саҡ ул кешенең тәне үҫмер сағындағылай яңырыр, Ул ҡабаттан йәшлек дәүеренә ҡайтыр. Ул Аллаға доға итер, Алла иһә уны ҡабул ҡылыр. Алланың хозурына ул ҡыуанып килер. Алла уға абруйлы исемен кире ҡайтарыр. Һуңынан ул кешеләр алдына баҫып йырлар: „Гонаһ эшләп тоғро юлдан яҙғайным, Әммә Алла мин лайыҡ булған язаны бирмәне. Йәнемде ҡәберҙән йолоп алды, Мин йәшәйем, яҡтылыҡты күрәм“. Диҡҡәт менән тыңла, Әйүп, ҡолаҡ һал, Мин һөйләгәндә өндәшмә. Ә инде әйтергә һүҙең булһа, яуап ҡайтар. Һөйлә, сөнки һинең аҡланыуыңды теләйем. Әгәр һүҙең булмаһа, өндәшмә, мине тыңла, Һиңә аҡыл өйрәтәйем». Әлиһу былай тип дауам итте: «Эй аҡыл эйәләре, әйткәндәремде тыңлағыҙ; Белдеклеләр, мине ишетегеҙ! Ризыҡ тәмен аңҡау тойған һымаҡ, Һүҙҙең бәҫен ҡолаҡ һынай. Әйҙә, нимәнең дөрөҫ икәнен һайлайыҡ, Нимә яҡшы икәнен бергәләп өйрәнәйек. Әйүп әйтте: „Мин – ғәйепһеҙ, Алла иһә мине хаҡ хөкөмдән мәхрүм итте. Хаҡлымын, ә алдаҡсы һаналам. Бер ғәйебем булмаған хәлдә, мин уңалмаҫлыҡ яра алдым“. Әйүп һымаҡ кеше бармы? Ул бит хаяһыҙлыҡты һыу эскәндәй һөйләй. Яуызлыҡ эшләүселәр менән бер уйҙа, Залимдар менән бер юлдан йөрөй. Сөнки ул: „Аллаға ярарға тырышыуҙан Әҙәм балаһына ниндәй файҙа?“ – тине. Шуға күрә, аҡылы булғандар, мине тыңлағыҙ: Алла яуызлыҡ ҡылыуҙан алыҫ тора, Ғәҙелһеҙлек сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе өсөн ят. Ул кешеләргә ғәмәлдәренә күрә бирә, Һәр кем үҙенә тейеш әжерен ала. Ысынлап та, Алла яуызлыҡ эшләмәй, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе ғәҙел хөкөмдө боҙмай. Кем Уға ер йөҙөн ышанып тапшырған? Кем Уны бөтә донъяға идара итергә ҡуйған? Әгәр ҙә Ул ниәт итеп Рухы менән һулышын Үҙенә кире тартһа, Бөтә тереклек шунда уҡ һәләк булыр, Кеше тупраҡҡа ҡайтыр ине. Әгәр ҙә аҡылың булһа – тыңла, Әйткәндәремә ҡолаҡ һал. Ғәҙеллектең дошманы идара итә аламы? Хаҡлыҡ һәм ҡөҙрәт Эйәһен хөкөм итмәксеһеңме? Ул батшаға: „Һин – йүнһеҙ!“ – ти, Затлыларҙы яуыз тип атай, Түрәләрҙе айырып ҡарамай, Байҙы ярлынан өҫтөн күрмәй. Сөнки һәммәһен дә Ул Үҙе бар ҡылды. Улар ҡапылдан, төн уртаһында үлеп китә; Халыҡтар болғаныша ла юҡҡа сыға; Көслөләр ҙә һис кем ҡағылмаҫтан ғәйеп була. Алла кешенең тотҡан юлынан күҙен алмай; Уның һәр аҙымын күреп тора – Яуызлыҡ ҡылыусы йәшенерлек Ҡараңғы урын, дөм ҡараңғылыҡ юҡ. Хөкөм өсөн хозурына килһендәр тип, Алла кешегә айырым ваҡыт әйтеп тормай. Һорап тормай, көслөләрҙе ҡырып һала, Урындарына башҡаларҙы ултырта. Сөнки уларҙың эштәрен белеп тора, Бер төндә емереп, һепереп түгә. Һәммәһең күҙ алдында Яуызлыҡтары өсөн уларға яза бирә. Сөнки Уның юлынан тайпылдылар, Уның һуҡмаҡтарын уйламанылар. Шуға ярлыларҙың ялбарыуы Аллаға барып етте, Ул фәҡирҙәрҙең зарын ишетте. Әйтәйек, берәү Аллаға: „Яңылышҡанмын, башҡаса яуызлыҡ ҡылмам, – тиһә, – Күрмәгәнемде һин миңә күрһәт, Яманлыҡ эшләгән булһам, бүтән ҡабатламам“. Әммә ғәйебеңде инҡар итһәң, Һин ниндәй әжер көтәһең? Быны үҙең хәл итергә тейеш, ә мин түгел. Әгәр берәй нәмә белһәң – һөйлә. Аҡыллылар, мине тыңлаған аңлылар әйтер: „Әйүп белмәгәнен һөйләй, Һүҙҙәрендә мәғәнә юҡ“. Яуыздар һымаҡ һөйләгән өсөн, Әйүп тулыһынса һыналырға тейеш. Сөнки гонаһына фетнәселлеген дә өҫтәй, Мыҫҡыл итеп, ҡул сабып ултыра, Аллаға ҡаршы хәбәрен тағы ла арттыра». Әлиһу һүҙен былай тип дауам итте: «Шул дөрөҫ тип уйлайһыңмы: „Алла түгел, ә мин хаҡмын“, – тиһең? „Гонаһ ҡылмауымдан ни файҙа ла ниндәй йөй?“ – тип һораһаң, Яуап ҡайтарам һиңә һәм дуҫтарыңа: Күккә ҡара ла күр, болоттарҙы күҙәт, Улар һинән ниндәй бейек. Гонаһ ҡылһаң, уның Аллаға ниндәй зыяны тейә? Енәйәттәреңде арттырыуҙан, Уға нимә була? Һинең тәҡүәлегең Уға нимә бирә? Һинең ҡулыңдан Ул нимә ала? Үҙең кеүек үк кешегә – яманлығың; Тәҡүәлегең дә – әҙәм балаларына. Кешеләр ҡаты иҙелеү аҫтында иңрәй, Көслөләр ҡулынан ҡотолоу өсөн ярҙам һорай. Әммә бер кем дә: „Ҡайҙа һуң мине бар ҡылған Алла? Төндәрен беҙгә өмөт йырҙары биреүсе ҡайҙа? Беҙгә ерҙәге йәнлектәргә ҡарағанда күберәк зиһен биргән, Һауалағы ҡоштарға ҡарағанда аҡыллыраҡ иткән Яратыусыбыҙ ҡайҙа?“ – тип әйтмәҫ. Әммә иңрәп ҡысҡырған хәлдә лә, Ундайҙарға Алла яуап ҡайтармай, Сөнки залимдар тәкәббер. Асылда Алла бушҡа ҡысҡырғанды тыңламай, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе быға иғтибар бирмәй. Ә инде Уға ҡаршы зарланаһың, Дәғүәң Уның хозурында, Уны хөкөмгә көтәм тиһең икән, – бигерәк тә. Тағы ла, Уның асыуы яйлай, Ул енәйәттәргә артыҡ әһәмиәт бирмәй, тиһең. Әйүп буш хәбәр һөйләп ауыҙын аса, Юҡ-бар һүҙ менән донъя тултыра». Әлиһу былай тип дауам итте: «Бер аҙ сабыр ит – мин һиңә күрһәтермен, Алланы яҡлап тағы ла әйтәһем бар. Фекер ебемде алыҫтан тағата башлайым, Яратыусымдың хаҡлығын иҫбатлайым. Һис шөбһә юҡ, бер һүҙем дә ялған түгел; Алдығыҙҙа тороусының белеме камил. Алла – ҡөҙрәтле! Ул һис кемде ситкә типмәй; Уның көсө һәм аҡылы бөйөк. Ул залимдарҙың йәшәүенә юл ҡуймаҫ, Иҙелгәндәргә ғәҙеллек бирер. Ул тәҡүәнән күҙен ситкә алмаҫ, Уны батшалар рәтендә тәхеткә ултыртыр, Мәңгелеккә юғары күтәрер. Әгәр кешеләр бығауҙа булһа, Ҡайғы-хәсрәт менән сынйырланһа, Уларға ҡылғандарын – енәйәттәрен, Артыҡ тәкәббер булып киткәндәрен белдерер. Нәсихәтен ишеттерер өсөн ҡолаҡтарын асыр, Яуыз юлдарын ташларға бойорор. Әгәр тыңлаһалар, Уға хеҙмәт итһәләр, Ҡалған көндәрендә муллыҡта йәшәрҙәр, Йылдарын рәхәтлектә үткәрерҙәр. Тыңламаһалар, ҡылыстан һәләк булырҙар, Аҡыл ҡаҙанмай үлеп китерҙәр. Аллаһыҙҙар асыуҙарын күңелендә һаҡлай, Үҙҙәрен язалағанда ла Алланан ярҙам һорамай. Улар йәшләй генә үлеп ҡала, Ғүмерҙәре фәхеш ирҙәрҙеке һымаҡ ҡыҫҡа була. Әммә Алла ғазапланғандарҙы ғазап аша ҡотҡарыр, Иҙелгәндәрҙең ҡолағын бәлә менән асыр. Һине лә хәсрәт тырнағынан ҡотҡарыр, Ҡыҫындан иркенлеккә сығарыр ине, Өҫтәлең һый менән тулы булыр ине. Әммә һин залимдарға тәғәйен хөкөмдө эҙләйһең; Хаҡ хөкөм яғаңдан бөрөп тотор. Һаҡ бул, байлыҡ башыңды әйләндермәһен, Мул ришүәт үҙеңде юлдан яҙҙырмаһын. Бар байлығың менән тырышлығың Һине бәләнән йолоп ала алырмы? Халыҡтарҙың ер йөҙөнән Юҡ ителәсәк төнөн теләмә. Боҙоҡлоҡ юлына ҡайырылыуҙан һаҡлан, Ғазаптар һиңә бит бушҡа бирелмәгән. Ҡара, Алланың ҡеүәте ни ҡәҙәрле бөйөк; Бармы тағы Уның һымаҡ остаз? Кем Уға нисек эшләргә кәрәклеген өйрәтер? Кем Уға: „Дөрөҫ эшләмәйһең“, – тип әйтә алыр? Уның йырҙарҙа маҡталған эштәрен ҙурларға онотма, Уның ғәмәлдәрен бар кеше күреп тора, Йыраҡтан ғына хайран ҡалып тамаша ҡыла. Эйе, Алланың бөйөклөгөн аңлап бөтөрлөк түгел, Уның йылдарының иҫәбе-һаны юҡ. Ул һыу тамсыларын бергә йыйып, Уларҙы ямғырға әйләндерә. Был тамсылар болоттарҙан тама, Кешеләрҙең өҫтөнә мул булып яуа. Болоттарҙың нисек йәйелгәнен, Сатырының нисек күкрәгәнен кем белә? Бына Ул тирәһендә йәшен йәшнәтә, Диңгеҙҙең тәрәнлектәрен ҡаплап ҡуя. Шул рәүешле Ул халыҡтарға идара итә, Уларҙы мул ризыҡ менән тәьмин итә. Ул йәшенде усында йәшереп тота; Уға ҡайҙа атырға бойора. Күкрәү Уның хаҡында белдерә, Хатта мал да Уның яҡынлашыуын һиҙә. Быларҙан минең йөрәгем ҡалтырана, Күкрәгемдән сығырҙай булып тибә. Тыңлағыҙ, Алланың тауышын тыңлағыҙ, Ауыҙынан сыҡҡан күкрәүҙе ишетегеҙ! Күк аҫтында һәр тарафҡа ауаз һала, Йәшендәре ерҙең сиктәрен яҡтырта. Артынса тауышын күкрәтер, Мәғрур тауышы менән тетрәтер. Ауазы ишетелгәндә йәшен ялҡынын туҡтатмаҫ. Хайран ҡалдырырлыҡ итеп күкрәй Алла, Беҙҙең һуш-аҡыл етмәҫлек эштәр ҡыла. Ҡарға: „Ергә яу“, – тип әмер бирә. Ямғырға: „Көслөрәк ҡой“, – тип бойора. Үҙе бар ҡылған кешеләр Уның эштәрен белһен тип, Барыһының ҡулын тыйып тора. Ул саҡта хайуандар ышыҡҡа ҡаса, Өңдәренә инеп йәшеренә. Дауыл үҙенең торлағынан сыға, Төньяҡтан иҫкән ел һалҡын килтерә. Алланың һулышы һыуҙарҙы туңдыра, Иркен һыуҙарҙың өҫтө боҙ менән ҡаплана. Ул болоттарҙы һыу менән һуғара, Болот эсенән йәшен уттарын сәсә. Бөтә ер йөҙөндә нимә ҡушһа, шуны эшләр өсөн, Болоттар Уның ихтыяры менән әйләнеп йөрөй. Йә кешеләрҙе язалар өсөн, Йәки тупрағын һуғарып, Рәхим-шәфҡәтен күрһәтергә ямғыр күндерә. Туҡта, тыңла мине, Әйүп, Алланың ғәжәйеп ғәмәлдәре тураһында уйла. Алла болоттарға йөҙөр өсөн нисек бойорғанын, Улар эсендә йәшендең нисек ялтлағанын беләһеңме? Болоттарҙың ни рәүешле эленеп тороуын, Камил белемгә Эйә булғандың ғәжәйеп эштәрен аңлайһыңмы? Көйҙөргөс көньяҡ еле аҫтында ер әлһерәп ятҡан саҡта Кейемеңдә һиңә эҫе – Көҙгө кеүек ҡаты күк көмбәҙен Алла һымаҡ киреп ҡуя алырһыңмы? Уға нимә тип әйтәйек, өйрәт беҙгә? Ҡараңғылығыбыҙ арҡаһында рәтләп һүҙ ҙә әйтә алмайбыҙ. Минең әйтергә теләгәнемде Уға берәйһе еткерерме? Кемдең әйтеп һәләкәткә тарығыһы килһен? Ел болоттарҙы ҡыуып күкте таҙартҡас, Күктә балҡыған ҡояшҡа ҡарау мөмкин түгел. Төньяҡтан алтын балҡыш килә, Алла дәһшәтле ғиззәт менән килә. Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе беҙҙең өсөн аҡыл етмәҫлек, Ҡеүәте һәм ғәҙеллеге менән бөйөк, Хаҡлыҡ Эйәһе һис кемде йәберләмәҫ. Шуға ла кешеләр Унан ҡурҡып тора, Ул үҙен аҡыллы һанағандарға боролоп та ҡарамаҫ». Шул саҡ Раббы ғәрәсәт эсенән Әйүпкә былай тип яуапланы: «Белдекһеҙ һүҙҙәре менән Минең ниәтемә ҡара яҡҡан кем ул? Инде ирҙәрсә билеңде быу ҙа, Мин һорайым, ә һин аңлатып бир. Мин ерҙең нигеҙен һалған саҡта ҡайҙа инең? Белдекле һәм зиһенле икәнһең, әйтеп бир. Беләһеңдер, кем уның үлсәмен билдәләне? Өҫтөнән кем үлсәү бауын һуҙҙы? Диңгеҙ ҡарындан атылып сыҡҡас, Уны ҡапҡалар араһына кем бикләп ҡуйҙы? Диңгеҙҙе мин болоттарға төрҙөм, Ҡараңғылыҡ менән биләнем. Уның сиктәрен билдәләп, Арҡыры биктәр ҡуйып, ҡапҡаһын йоҙаҡланым. Әйттем: „Ошонда тиклем киләһең, артабан сыҡмайһың. Бында туҡтар ғорур тулҡындарың“. Ер мөһөр баҫылған балсыҡ шикелле үҙгәрә; Сағыу кейем кейгәндәй күренә. Ә яуыздарҙан яҡтылыҡ тартып алына, Күтәрелгән ҡулдары һындырыла. Диңгеҙҙең инешенә төшкәнең, Даръяларҙың төбөнән гиҙгәнең бармы? Үлем ҡапҡаларының асылғаны бармы һиңә? Дөм ҡараңғылыҡ ҡапҡаларын күргәнең бармы? Ер киңлектәрен тикшереп сыҡтыңмы һин? Һөйләп бир, ошоларҙың барыһын белһәң. Ҡайҙа яҡтылыҡ төйәгенә алып барған юл? Ҡараңғылыҡтың торлағы ҡайҙа? Уларҙы кире урындарына алып бара алырһыңмы? Өйҙәренә илткән һуҡмаҡты һин табырһыңмы? Беләһеңдер инде, һин бит шул мәлдә тыуғанһың. Ғүмерең шулай оҙондор! Ҡар һаҡланған келәттәргә ингәнең, Боҙ келәттәрен күргәнең бармы? Мин уларҙы ауыр замандар өсөн, Һуғыш һәм алыш көндәренә һаҡлайым. Йәшен ниндәй юлдар буйлап елә? Көнсығыш елдәре ерҙә нисек тарала? Бармы ямғырҙың атаһы? Ысыҡ тамсыларын кем тыуҙыра? Боҙ кем ҡарынынан сыға? Күктән төшкән ҡырауҙы кем тыуҙыра? Һыуҙар таш һымаҡ ҡата ла Даръяларҙың йөҙө туңа. Бәлки, һин Өлкәр йондоҙлоғоноң сылбырын төйнәп, Ориондыҡын тағата алырһың? Йондоҙҙарҙы тәғәйен ваҡыттарында сығарып, Етегәнгә Кесеһе менән бергә юл күрһәтерһең? Күктең ҡанундарын беләһеңме? Ерҙә тейешле тәртип урынлаштыра алырһыңмы? Өҫтөңә мул ямғыр яуҙырһын тип Болотҡа тауыш күтәрә алаһыңмы? „Беҙ әҙер!“ – тип осоп сыҡһын өсөн Йәшендәрҙе һин оҙата алаһыңмы? Кем ибис ҡошона – зиһен, Ә әтәскә аңлау ҡеүәһе биргән? Инә арыҫланға табышты һин ҡыуаһыңмы, Бала арыҫландарҙың тамағын һин туйҙыраһыңмы Өңдәрендә аунағанда, Боҫҡонда аңдып ятҡанда? Ҡоҙғонға емтекте кем әҙерләй, Ҡошсоҡтары аслыҡтан бәлтерәп Аллаға ярҙам һорап ҡысҡырған саҡта? Тау кәзәләренең ҡасан бәрәсләргә тейешлеген беләһеңме? Боландарҙың быҙаулағанын күҙәткәнең бармы? Быуаҙ йөрөгән айҙарын хисаплап сығара алаһыңмы? Тыуҙырыр мөҙҙәттәре еткәнен, Теҙ сүгеп бәрәсләрҙәрен, Йөктәренән ҡотолорҙарын, Бәрәстәре ҡырҙарҙа үҫеп, көсәйеп, Уларҙы ташлап китер, кире ҡайтмаҫын беләһеңме? Кем ҡырағай ишәктәрҙе иреккә ебәрҙе, Кем уларҙың тышауҙарын өҙҙө? Уларға төйәк итеп Мин даланы, Торлаҡ итеп тоҙло ерҙе бирҙем. Ҡалаларҙағы шау-шыуҙан йыраҡ улар, Ҡыуалаусының аҡырғанын ишетмәй. Аҙыҡ эҙләп тау-таш ҡыҙыралар, Һәр бөртөк йәшел үләнде ҡалдырмай эҙләйҙәр. Ҡырағай үгеҙ һиңә хеҙмәт итергә теләрме? Һинең утлыҡсаң янында төнәрме? Бураҙна һалһын тип уны арҡанлай алырһыңмы? Артыңдан үҙәндәрҙә сиҙәм асып барырмы? Уның ҡеүәтле көсөнә таяна алырһыңмы? Ауыр эшеңде уға йөкмәтә алырһыңмы? Игенеңдең уңышын ташыуына, Ырҙыныңа илтеүенә ышанырһыңмы? Ҡанаттарын ҡыуанып ҡаға дөйәғош: Ҡыҫҡа улар – әммә ниндәй мамыҡ-ҡауырый! Туҙанда йылынып ятһын өсөн, Дөйәғош йомортҡаларын ергә ташлап китә; Аяҡ аҫтында ярылып иҙелерен, Ҡырағай йәнлектәр тарафынан тапалырын аңламай. Себештәренә ҡарата аяуһыҙ ул, әйтерһең дә улар ят; Тырышлығы бушҡа китер тип тә ҡурҡмай. Сөнки Алла уға аҡылдан өлөш сығармаған, Аңлау ҡеүәһе бирмәгән. Әммә тороп йүгерергә тотонһа, Атты ла, һыбайлыны ла көлкөгә ҡалдыра! Атҡа көстө һин бирҙеңме, Уның муйынына ялын таҡҡан һинһеңме? Саранча һымаҡ сабырға өйрәттеңме? Ғорур кешнәүе ниндәй дәһшәтле; Тояҡтары менән ерҙе сапсый, Көс-ҡеүәтенә сыҙаша алмай, Ҡурҡыу белмәй алышҡа ынтыла. Хәүеф-хафа уның өсөн көлкө генә, Ҡылыс алдында ла артҡа сикмәҫ. Өҫтөнә тағылған һаҙаҡта уҡ сыңлай, Һөңгө менән ҡалҡан ялтырай. Ажарынан ул ерҙе кимерә, Борғо тауышына бейеп тора, Борғо ҡысҡыртыуға – кешнәп ебәрә. Алыҫтан уҡ алыш еҫен тоя, Ғәскәр башлыҡтарының һөрәнен, Яу оранын ишетә. Ҡарсыға күктә һинең аҡылың менән кәйеләме, Ҡанат йәйеп, көньяҡҡа осамы? Һинең бойороғоң менән күтәреләме бөркөт, Юғарыла үҙенә оя ҡорамы? Ул ҡаяла төйәкләнә, Ҡәлғәһе – ҡая таштар, шунда төнөн үткәрә; Шунан ул ҡорбанын күҙләй, Күҙҙәре алыҫ-алыҫтан күрә. Ҡошсоҡтарын ҡан менән туйҙыра, Ҡайҙа үләкһә, ул шунда». Раббы Әйүпкә былай тине: «Һиңәме ни, эй бәхәссе, сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенә өйрәтергә? Алланы ғәйепләүсе Уға яуап ҡайтарһын!» Шул саҡ Әйүп Раббыға былай тип яуап ҡайтарҙы: «Мин һиңә яуап бирергә лайыҡ түгел, Ауыҙымды усым менән томалайым. Мин бер әйттем – башҡаса дауам итеп тормайым, Ике әйттем, бүтән өндәшмәйем». Шул саҡ Раббы ғәрәсәт эсенән Әйүпкә былай тип яуапланы: «Әйҙә, ирҙәрсә билеңде быу ҙа, Мин һорайым, ә һин аңлатып бир. Ысынлап та Минең ғәҙеллегемде бушҡа сығараһыңмы? Үҙеңде хаҡ тип иҫбатлар өсөн Мине ғәйепләмәксеһеңме? Һин дә Алла һымаҡ ҡеүәтлеме? Тауышың Уныҡылай күкрәйме? Улай икән, үҙеңде бөйөклөк һәм мөһабәтлек менән биҙә, Балҡышҡа һәм күркәмлеккә сорнал. Ташып килгән асыуыңды түк, Ғорурҙарға ҡара ла күндәм ит. Бөтә тәкәбберҙәргә ҡара ла түбәнһет, Залимдарҙы торған урынында ҡыра һуҡ. Барыһын да бергә тупраҡҡа күм, Ер аҫтында йөҙҙәрен ҡапла. Шул сағында Мин һине маҡтармын, Уң ҡулың үҙеңде ҡотҡара, тиермен. Бына бегемот. Уны ла һинең кеүек үк Мин бар ҡылдым. Ул үгеҙ шикелле үлән ашай. Ҡара, боттары ниндәй ҡеүәтле, Ҡорһағының мускулдары көслө. Ҡойроғо кедр ағасы кеүек, Янбашындағы һеңерҙәре бергә үрелгән. Һөйәктәре баҡыр борғо һымаҡ, Һөлдәләре тимер таяҡтай. Алланың тәүге ғәмәлдәре ул; Тик Яратыусыһы ғына уға ҡылыс менән яҡынлаша алыр. Бөтә ҡырағай йәнлектәр уйнап йөрөгән тауҙар Уға ашарға бирә. Ул сәнскәкле лотос аҫтында, Һаҙлыҡтарҙа ҡамыш араһында боҫоп ята; Лотостар уларҙы күләгәһе менән ҡаплар, Йылға талдары тирә-яҡтан уратыр. Йылға шарлап аҡҡандан да өркмәҫ; Тыныс ҡалыр хатта Иордан йылғаһы Боғаҙына эркелгән саҡта ла. Берәйһе уны ҡармаҡҡа эләктерә Йәки ырғаҡ менән томшоғон аймай алырмы? Ливъяҫанды ҡармаҡҡа тота алаһыңмы? Телен арҡан менән бәйләй алаһыңмы? Моронона дүңгәләк кейҙереп, Яңаҡ һөйәген ырғаҡ менән тишә алаһыңмы? Һиңә ҡабат-ҡабат ялбарырмы? Йомшаҡ һүҙҙәр менән өндәшерме? Һинең менән килешеү төҙөрмө? Һиңә мәңге ҡол булырға вәғәҙә бирерме? Ҡош менән уйнаған кеүек, уның менән уйнарһыңмы? Ҡыҙҙарыңа ҡыҙыҡ өсөн уға таҫма тағырһыңмы? Балыҡсылар уны күпмегә һатырға сауҙалашырмы? Сауҙагәрҙәргә бүлеп бирерме? Уның тиреһен һөңгө менән сәнскеләй алырһыңмы? Башын һалдау менән яра алырһыңмы? Ҡағылып ҡара – ҡабат бер ҙә ынтылмаҫһың, Ул алышты һис тә онота алмаҫһың! Уны тотам тип өмөтләнмә лә: Бер күреүҙән ултыра төшөрһөң. Уны ҡуҙғатырға йөрәге еткән кеше юҡ. Шулай булғас кем Минең ҡаршымда тора алыр? Кем Миңә берәй нәмә бирҙе лә Мин уға бурыслы булып ҡалдым? Күктәр аҫтындағы бар нәмә – Минеке. Ливъяҫандың аяҡтары, көсө, Кәүҙәһенең мөһабәтлеге хаҡында Өндәшмәйенсә ҡала алмайым. Кем уның тиреһен тунай ала? Ике ҡат көбөн кем тишә ала? Кемдең ҡулынан килә ҡапҡалай ауыҙын асыу? Осло тештәренең теҙмәһе ҡот осҡос. Арт һаны ҡат-ҡат ҡалҡандар менән ҡаплы. Улар мисәтләнгән кеүек бик ныҡ беркетелгән, Бер-береһенә терәлеп теҙелгәндәр, Араларынан хатта һауа үтерлек түгел. Шул тиклем тығыҙ торалар, Йәбешкәндәр, айырырмын тимә. Бышҡырһа, йәшен йәшнәгән һымаҡ; Күҙҙәре – таң нурҙарына оҡшаш. Ауыҙынан ут-ялҡын бөркөлә, Көйҙөргөс осҡондар атыла. Морон тишектәренән төтөн бөркөлә, Әйтерһең, ҡамыш яҡҡан усаҡта ҡаҙан ҡайнай; Һулышынан күмер дөрләп китә, Ауыҙынан ялҡын урғыла. Муйынында ҡеүәт йәшәй, Уның алдында хатта дәһшәт тә бейеп тора. Итләс тәне ҡойоп ҡуйған һымаҡ тығыҙ; Шул ҡәҙәрле ҡаты, һис ҡаҡшатам тимә. Йөрәге таштай ҡаты, Ҡул тирмәненең аҫҡы ташылай. Ливъяҫан ҡуҙғалғанда, бәһлеүәндәр ҙә ҡурҡа, Ул ташланғанда артҡа сигенә. Уға ҡаршы ҡылыс күтәреү файҙаһыҙ, Һөңгө лә, уҡ та, һис бер ҡорал сыҙамаҫ. Тимерҙе ул һалам һымаҡ күрер, Баҡыр уға сөрөк ағас кеүек. Атҡан уҡтан ҡасмаҫ, Ә һапҡы ташын кәбәк һымаҡ та күрмәҫ. Суҡмарҙы һалам тип ҡабул итер, Һөңгөнөң һыҙғырып осоуынан көлөр. Ҡорһаҡ аҫты сүлмәк ватыҡтары кеүек осло: Мәтене ашлыҡ һуҡҡыс һымаҡ аҡтарып бара. Даръяны ҡаҙан кеүек ҡайнатыр; Диңгеҙҙе ҡайнаған еҫле майҙай болғатыр. Йөҙгәндә артынан балҡып торған эҙ ҡалдырыр; Аҡ күбектәр сал сәстәй тойолор. Ер йөҙөндә ундай йән эйәһе юҡ башҡаса; Ҡурҡыуһыҙ яратылған бер мәхлүк. Бөтөн тәкәбберҙәргә ул өҫтән аҫҡа ҡарай; Бөтөн мәғрур януарҙарҙың хакимы ул». Шунан Әйүп Раббыға былай тип яуап бирҙе: «Беләм: бөтәһе лә Һинең ихтыярҙа; Ниәтеңдән Һине бер нәмә лә туҡтата алмай. „Белдекһеҙ һүҙҙәре менән Минең ниәтемә ҡара яҡҡан кем ул?“ – тип һораның. Ысынлап та, үҙем аңламаған нәмәләр хаҡында, Башым етмәҫ ғәжәйеп ғәмәлдәр тураһында һөйләнем. „Һин тыңлап тор, Мин һөйләйем; Мин һорайым, һин аңлатып бир“, – тинең. Быға тиклем мин Һинең хаҡта ишетеп кенә белә инем; Әле иһә үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Шуға күрә әйткән һүҙҙәремдән кире ҡайтам, Көл-туҙан өҫтөндә ултырған килеш тәүбә итәм». Әйүп менән һөйләшкәндән һуң, Раббы Темандан килгән Әлифазға: – Һиңә һәм ике дуҫыңа асыуым ҡаты, – тине, – сөнки һеҙ Минең турала ҡолом Әйүп кеүек дөрөҫ һөйләмәнегеҙ. Инде ете үгеҙ, ете һарыҡ тәкәһе алығыҙ ҙа, ҡолом Әйүп янына барып, үҙегеҙ өсөн тотош яндырыу ҡорбаны салығыҙ. Ҡолом Әйүп һеҙҙең хаҡҡа доға ҡылһын. Мин, уның доғаһын ҡабул итеп, ахмаҡлығығыҙ өсөн, Минең турала ҡолом Әйүп кеүек дөрөҫ һөйләмәгәнегеҙ өсөн, һеҙгә тейешле язаны бирмәм. Шунан Темандан килгән Әлифаз, Шуах кешеһе Билдад, Нағамандан килгән Софар Раббы ҡушҡанса эшләнеләр. Раббы Әйүптең доғаһын ҡабул итте. Әйүп дуҫтары хаҡына доға ҡылғандан һуң, Раббы уға мул тормошон элеккегә ҡарағанда ике тапҡырға арттырып кире ҡайтарып бирҙе. Әйүптең бөтә ағай-энеләре менән апай-һеңлеләре, элекке таныштарының барыһы ла уға килде һәм уның өйөндә ашаны-эсте, Раббы күндергән бәлә-ҡазалар өсөн йыуатты, һәр береһе берәр кесита көмөш һәм берәр алтын алҡа бүләк итте. Раббы Әйүптең ҡалған көндәрен элеккеләренә ҡарағанда ла бәрәкәтлерәк итте. Инде уның ун дүрт мең ваҡ малы, алты мең дөйәһе, мең пар үгеҙе һәм мең инә ишәге бар ине. Әйүптең ете улы менән өс ҡыҙы тыуҙы. Тәүге ҡыҙына Емима, икенсеһенә Ҡесиға, өсөнсөһөнә Ҡәрән-Һаппух тип исем ҡушты. Бөтә илдә Әйүптең ҡыҙҙарынан да гүзәлерәк ҡыҙҙар юҡ ине. Аталары уларға ла ағай-энеләре менән бер тигеҙ мираҫ бирҙе. Бынан һуң Әйүп йөҙ ҙә ҡырҡ йыл йәшәне, үҙенең балаларын һәм балаларының балаларын дүртенсе быуынға тиклем күрҙе. Ул ҡартайып, тормошта бөтәһен дә татып-кисереп вафат булды. Яуыздарҙың ҡотҡоһона бирелмәгән, Гонаһлылар һуҡмағынан йөрөмәгән, Хурлаусылар йыйынында ултырмаған – Ниндәй бәхетле ошондай кеше! Раббының ҡанунынан зауыҡланыр ул, Көн-төн шул хаҡта уйланыр. Ағын һыу буйына ултыртылған ағасҡа оҡшар, Миҙгелендә емеш бирер, Япрағы шиңмәҫ-һулымаҫ. Һәр эшендә уңышҡа өлгәшер. Ә яуыздар ундай түгел, Ел осорған кәбәк кеүек улар. Ямандар хөкөмдә аҡлана алмаҫ, Тәҡүәләр йыйынында гонаһлылар урын тапмаҫ. Сөнки Раббы тәҡүәләрҙең юлын һаҡлар; Яуыздарҙың юлы иһә һәләкәткә илтер. Ниңә боларышалар халыҡтар, Булмаҫтайҙы ниәт итә өммәттәр? Донъя батшалары ҡуҙғалыша, Хакимдар берләшә Раббыға һәм Уның мәсихенә ҡаршы. Әйтәләр: «Тышауҙарын өҙәйек, Бығауҙарын алып ырғытайыҡ!» Күк тәхетендә ултырыусы көлә; Бөйөк Хаким уларҙы мыҫҡыллап көлә! Унан асыуланып әйтер, Ярһыуы менән ҡурҡыуға һалыр. Әйтер: «Мин Сионға, изге тауыма, Үҙемдең батшамды ултырттым». Мин, батша, Раббы ҡарарын иғлан итәм: Ул миңә әйтте: «Һин – Минең улым, Мин бөгөндән һиңә Ата булдым. Һора Минән, милек итеп ҡәүемдәрҙе, Биләмәгә ерҙең һәр тарафын бирәм. Халыҡтарҙы тимер таяҡ менән ҡырырһың; Балсыҡ көршәктәй селпәрәмә ватырһың». Эй батшалар, аҡылға килегеҙ! Эй донъя хакимдары, ғибрәт алығыҙ! Раббыға ҡурҡыу һәм хөрмәт, Тетрәнеү һәм ҡыуаныс менән хеҙмәт итегеҙ. Үбегеҙ Уның улын, юҡһа Ул асыуланыр; Тотҡан юлығыҙҙа һәләк булырһығыҙ, Сөнки ярһыуы тиҙ ялҡынланыр. Уға һыйынғандар һәммәһе бәхетле! Дауыттың мәҙхиәһе. Улы Авшаломдан ҡасҡан ваҡытта әйтелгән. Йә Раббы! Дошмандарым ни тиклем күбәйҙе! Күптәр миңә ҡаршы баш күтәрҙе. «Алла уны ҡотҡармаясаҡ!» – тигәндәр Эргә-тирәмдә бихисап. Ә һин, Раббы, мине уратҡан ҡалҡанһың; Һин – даным, башымды юғары сөйҙөрөүсе. Раббыға мин ауаз һалам – Яуап ҡайтарыр изге тауынан. Ятам да йоҡлайым, йәнә уянам – Раббы мине һаҡлай. Ҡурҡыу юҡ солғаған ғәм халыҡтан, Ҡамап алһалар ҙа һәр тарафтан. Йә Раббым, ҡалҡ! Ҡотҡара һал, Аллам! Ҡундыр бар дошмандарымдың яңағына; Ҡыра һуҡ бөтә тештәрен яуыздарҙың. Ҡотолоу бары Раббынан! Халҡың өҫтөндә булһын фатихаң! Йырсылар етәксеһенә: ҡыллы уйын ҡоралдары оҙатыуында. Дауыттың мәҙхиәһе. Саҡырған сағымда яуап ҡайтар, ғәҙел Аллам! Тарлығымда иркенгә сығарҙың. Әле лә бул мәрхәмәтле, доғама ҡолаҡ һал. Эй әҙәм балалары, ҡасанға тиклем Шөһрәтем булыр хурлыҡҡа дусар? Ҡасанғаса юҡҡа-барға күңел биреп, Сабырһығыҙ ялғандың артынан? Белегеҙ, Раббы тоғро ҡолон Үҙенә айырып ала. Ҡасан ғына саҡырһам да, Ул мине ишетә. Ҡурҡып-тетрәнегеҙ, гонаһ ҡылмағыҙ, Төндә ятҡанығыҙҙа уйланығыҙ, тынлыҡ һаҡлағыҙ. Тейешенсә ҡорбандар салығыҙ, Раббыға инанығыҙ. «Кем беҙгә яҡшылыҡ эшләр?» – тигәндәр күп. Йә Раббы, йөҙөңдөң нурын өҫтөбөҙгә сәс! Уларҙың мул иген һәм яңы шарапҡа Ҡыуаныуынан ҙурыраҡ Һөйөнөс бирҙең минең йөрәккә. Йән тыныслығында ятам да йоҡлайым, Сөнки, Раббы, бары тик Һин генә Именлектә мине йәшәтәһең! Йырсылар етәксеһенә: тынлы уйын ҡоралдары оҙатыуында. Дауыттың мәҙхиәһе. Әйткәндәремә ҡолаҡ һал, Раббы, Аһ-зарымды ишет! Ярҙам ялбарыуымды тыңла, Батшам, Аллам, Мин Һиңә доғамды оҙатам. Йә Раббы! Таң һайын ишетәһең ауазымды. Иртә һайын Һиңә ялбарам, Көтөп ҡалам яуабыңды. Һин яуызлыҡтан хушһынған Алла түгел, Һинең яныңда залим төйәкләнә алмаҫ. Хозурыңда тора алмаҫ тәкәбберҙәр, Бөтә яманлыҡ ҡылыусыларға нәфрәтлеһең, Ялған һөйләгәндәрҙе Һин юҡ итәһең; Ҡан ҡойоусы һәм мәкерлеләр Раббы өсөн ерәнгес. Ә мин тоғро мөхәббәтең муллығына күрә Йортоңа Һинең инермен. Мөҡәддәс ҡорамыңа йөҙ тотоп, Тетрәнеп сәждә ҡылырмын. Йә Раббы, дошмандарым ни тиклем күп минең! Ғәҙеллегең менән мине Үҙеңдең һуҡмағыңдан етәклә, Юлымды тура ит. Уларҙың ауыҙҙарында дөрөҫлөк юҡ; Эстәре тулы емергес уйҙар. Боғаҙҙары – асыҡ ҡәбер, Телдәрендә – ялағайлыҡ. Эй Аллам, уларҙы язала! Яман ниәттәре үҙҙәренең баштарына етһен. Ҡыу уларҙы һанһыҙ гонаһтары арҡаһында, Улар Һине кире ҡаҡты. Һиндә ышыҡ тапҡандар барыһы ҡыуанһындар, Һин уларҙы ҡурсалаған өсөн Әйҙә мәңге шатланып гөрләшһендәр! Исемеңде яратҡандар, әйҙә Һиндә һөйөнөс тапһындар. Һин, Раббы, тоғроларҙы фатихалайһың; Миһырбаның менән ҡалҡандай уларҙы ышыҡлайһың. Йырсылар етәксеһенә: һигеҙ ҡыллы уйын ҡоралдары оҙатыуында. Дауыттың мәҙхиәһе. Йә Раббым, асыуланып язалама мине. Ярһыулы мәлеңдә ғазаплама. Рәхимле бул, Раббы, сөнки тәҡәтем ҡалманы. Дауалай күр, Раббы, һөйәктәрем һыҙлай. Ғазап сигә йәнем, Эй Раббым, ҡасанға тиклем? Борол миңә, Раббы, ҡотҡар мине! Тоғро мөхәббәтең хаҡына ярҙам итсе. Үлгәс бит бер кем дә Һине иҫкә алмай. Кем шөкөр итер Һиңә үлеләр донъяһынан? Ыңғырашып хәлдән тайҙым; Түшәгем һыу күҙ йәшемдән һәр төн, Күп илауҙан сыланған мендәрем. Күҙҙәремдең нуры һүнде хәсрәтемдән, Зәғифләнде дошмандарым арҡаһында. Китегеҙ минән, яуызлыҡ ҡылыусылар! Сөнки Раббы илағанымды ишетте. Ялбарыуым Раббыға олғашты, Ул ҡабул итер доғамды. Дошмандарым оятҡа ҡаласаҡ, Барыһын дәһшәт солғап аласаҡ, Улар мәсхәрәгә ҡалып сигенәсәк. Дауыттың хәсрәт йыры. Был йыр менән ул Раббыға Бинйәмин ырыуы кешеһе Куштың һүҙҙәре арҡаһында мөрәжәғәт иткән. Раббым Аллам, Һиңә һыйынамын; Һаҡла эҙәрләүселәрҙән, ҡотҡар. Юҡһа арыҫландай ташланырҙар, Йолҡҡосларҙар һәм һис кем яҡламаҫ. Раббым Аллам! Ошоларҙы ҡылһам: Ғәҙелһеҙлек менән ҡул бысратһам; Яҡшылығына дуҫымдың яуызлыҡ менән ҡайтарһам; Дошманымды нахаҡҡа талаһам – Әйҙә, мине ҡыуып тотһон дошман. Йәнемде ергә иза тапаһын, Намыҫымды тупраҡҡа бутаһын! Ярһып ҡалҡ, эй Раббым! Баҫ ҡаршы дошмандарымдың нәфрәтенә. Уян минең хаҡҡа, белдер хөкөмөңдө! Халыҡтар әйләнә-тирәңә йыйылһын, Һин улар өҫтөнән юғарыға ашып ултыр! Халыҡтарға хөкөм ҡыла Раббы. Раббы, минең дә дәғүәмде ҡара; Хаҡлығыма, паклығыма күрә ҡарар сығар. Ахыр килһен яуыздарҙың хаслығына! Тәҡүәгә таяныс бул, ғәҙел Алла, Һин әҙәмдең йөрәген һәм уйҙарын һынаусы. Минең ҡалҡаным – Алланан, Саф йөрәклеләрҙе ҡотҡарыусынан! Хаҡ хөкөмдар – Алла, Хаҡһыҙлыҡҡа һәр саҡ асыу тота. Әгәр кеше яуызлығын ташламаһа, Алла ҡылысын үткерләп ҡайрар, Йәйәһен киреп ҡуйыр. Уның үлем ҡоралы әҙер, Тоҫҡалған ялҡынлы уҡтар. Кем яманлыҡ менән йөккә уҙған, Шул яуызлыҡҡа ауырлы, Ул ялған тыуҙырыр. Кем башҡаға соҡор ҡаҙый, Шунда үҙе барып ҡолар. Яуызлығы үҙенә әйләнеп ҡайтыр, Залимлығы үҙ башыңа төшөр. Мин хаҡ Раббыны данлайым, Юғарыларҙан Юғарының исемен йырлайым! Йырсылар етәксеһенә: «Гиттиҫ» көйөнә. Дауыттың мәҙхиәһе. Раббы Хакимыбыҙ! Исемең ниндәй ғиззәтле бөтә ер йөҙөндә! Асмандан юғарыраҡ Һинең шөһрәтең! Сабыйҙар, имсәк балаларҙың ауазы менән Дошмандар һәм үслеләргә ҡаршы Һин нығытма ҡорҙоң, уларға ахыр ҡуйҙың. Бармаҡтарың әүәләгән күккә баҡтым, Һин урынлаштырған ай менән йондоҙҙарға ҡараным. Әҙәм заты нимә инде? Ә Һин уның хаҡында уйлайһың! Бәндә балаһы кем – уны хәстәрләйһең? Уны Алланан саҡ ҡына түбән иттең; Шөһрәт һәм хөрмәт тажы кейҙерҙең. Ҡулыңдың ижадына уны хаким ҡылдың, Бөтә нәмәне аяғы аҫтына һалдың: Эре һәм ваҡ малды, Ҡырағай хайуанды, Күктәге ҡош, диңгеҙҙәге балыҡ, Даръяларҙа йөҙгән һәммәһен. Эй Раббы Хакимыбыҙ, Бөтөн ер йөҙөндә исемең ниндәй ғиззәтле! Йырсылар етәксеһенә: «Муҫ-лаббен» көйөнә. Дауыттың мәҙхиәһе. Бар күңелдән шөкөр итермен, йә Раббы, Бөтә ғәжәйеп ғәмәлдәреңде һөйләрмен. Һиндә булыр һөйөнөсөм һәм тантанам, Исемеңә мәҙхиә йырлармын, эй Юғарыларҙан Юғары! Дошмандарым кире сигенгәндә Һөрөнөп дөмөгөрҙәр алдыңда. Сөнки Һин хөкөм ҡылдың, дәғүәмде ҡараның; Ғәҙел хөкөмдар булып тәхетеңдә ултырҙың. Ҡәүемдәрҙе Һин дәһшәткә һалдың, Яуыздарҙы ҡырып ташланың, Исемдәрен мәңгенән мәңгегә юйҙың. Башҡаса юҡ дошман – Бары ҡалды харабалар! Ҡалаларын һепереп түктең, Хатта хәтирәләре ҡалманы. Раббы мәңге хаким булыр, Ул тәхетен хөкөм ҡылыр өсөн ҡорған. Донъяны ғәҙеллек менән хөкөм итер; Халыҡтарға хаҡ хөкөм сығарыр. Иҙелгәнгә һыйыныс булыр Раббы, Бәлә килгән саҡта – ышаныслы ышыҡ. Атыңды белгәндәр Һиңә өмөт бағлар, Сөнки, Раббы, Үҙеңде эҙләгәндәрҙе ташламайһың. Сионды төйәк иткән Раббыға маҡтау йырлағыҙ! Ғәмәлдәрен халыҡтар араһында һөйләгеҙ! Сөнки түгелгән ҡандың ҡонон ҡайтарыр, иҫендә тотор, Иҙелгәндәрҙең зарын онотмаҫ. Ҡыҙған мине, Раббы! Алып кит Һин мине үлем ҡапҡаһынан, Миңә нәфрәт тотҡандарҙан Күргән ғазабыма ҡара! Шул саҡ Йәрүсәлимдең ҡапҡаларында Һиңә маҡтау яуҙырайым, Ҡотҡарыуыңа ҡыуанайым. Ҡәүемдәр үҙҙәре ҡаҙған соҡорға ҡоланы, Ҡорған ауҙары аяҡтарын сорнаны. Раббы Үҙен танытты һәм хаҡ хөкөм ҡылды, Залимдар үҙҙәре ҡуйған тоҙаҡҡа ҡапты. Яуыздар – Алланы онотҡан бар ҡәүемдәр – Үлеләр донъяһына китер… Әммә мохтаж бөтөнләйгә онотолмаҫ, Фәҡирҙең өмөтө бушҡа булмаҫ. Ҡалҡ, Раббы! Әҙәм заты өҫтөн сыҡмаһын, Ҡәүемдәргә хозурыңда хөкөм ҡылынһын! Уларға дәһшәт һал, Раббы! Үҙҙәренең кеше генә булғандарын белһен. Йә Раббы, ниңә Һин ситтә тораһың? Бәлә килгәндә Үҙеңде йәшерәһең? Тәкәббер яуыздар ярлыны эҙәрләй, Үҙҙәре ҡорған мәкергә үҙҙәре эләкһен! Яуыз әҙәм нәфсеһен ҡандырыр ҙа маҡтаныр; Ҡомһоҙ – Раббыға хур бағыр, Уны ҡарғар. Залим, тәкәбберләнеп, Алланы һанға һуҡмаҫ, Ул эсенән: «Алла юҡ», – тип уйлай. Уның эше һәр ваҡыт уң булыр. Һинең хөкөмдәрең уның өсөн юғары һәм алыҫ, Дошмандарына тик көлөп ҡарар. Күңеленән генә: «Мин сайҡалмам! – тиер, – Бер ваҡытта ла бәләгә ҡалмам!» Ауыҙы тулы ҡарғыш, мәкер, яуызлыҡ, Тел төбөндә – золом һәм боҙоҡлоҡ. Улар ауылдарҙа боҫоп ятыр, Аулаҡта ғәйепһеҙҙе үлтерер, Ярҙамһыҙҙан күҙен алмай һағалар. Бахырҙы эләктереп алырға Өңөндә боҫҡан арыҫлан һымаҡ, Йәшеренеп аңдып ятыр, Ауына эләктереп һөйрәкләр. Бисаралар сараһыҙҙан сүгеп, Аяуһыҙҙың тырнағына ҡабыр. Залим әҙәм үҙ алдына: «Алла онотто, – тиер, – Ул күҙен йомдо, бер ваҡытта ла күрмәҫ». Йә Раббы, ҡалҡ, ҡулыңды күтәр, эй Алла! Иҙелгәндәрҙе онотма! Ниңә яуыз бәндә Һине хурлай, Эсенән: «Алла минән яуап таптырмаҫ!» – тип уйлай? Әммә Һиңә барыһы ла мәғлүм, Хәсрәт-әрнеүҙәрҙе күрәһең; Бисара үҙен Һиңә тапшыра, Етемдәрҙең Һин ярҙамсыһыһың. Залимдың һәм ғәҙелһеҙҙең ҡеүәтен ҡыр, Әйҙә, уларҙың ҡылғандары язаһыҙ ҡалмаһын, Яуызлыҡтары эҙһеҙ юғалһын. Раббы мәңгенән мәңгегә батша, Уның еренән ят ҡәүемдәр юҡҡа сығыр. Иҙелгәндәрҙең теләген ишетәһең, Раббы, Уларҙың рухтарын нығыт, Ҡолаҡ һалып тыңла. Үкһеҙҙең, иҙелгәндең хаҡын ҡайтарыр өсөн, Фани әҙәм башҡаса дәһшәт сәсмәһен. Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе. Мин Раббыла таптым һыйыныс. Нисек инде һеҙ миңә: «Ҡош һымаҡ тауҙарға ос, ҡасып кит! Ана күр, яуыздар йәйә киргән, Саф күңеллеләргә ҡараңғыла атыр өсөн Уҡтарын кереш өҫтөнә ҡуйған. Нигеҙҙәр емерелгәндә Иманлылар нимә эшләй ала?» – тип әйтәһегеҙ. Раббы Үҙенең мөҡәддәс ҡорамында, Раббының тәхете – күктә. Күҙҙәре үткер: әҙәм балаларын күреп тора; Ҡараштары уларҙы һынап баға. Раббы иманлы кешене һынай, Яуызды, золом яратыусыны йәне һөймәй. Ул залимдар өҫтөнә утлы ҡуҙ, көкөрт яуҙырыр; Көйҙөргөс ялҡынлы ел – Уларҙың яҙмыш туҫтағына өлөш шул булыр. Раббы ғәҙел, Ул ғәҙеллекте һөйөр. Намыҫлы әҙәм Уның йөҙөн күрер. Йырсылар етәксеһенә: һигеҙ ҡыллы уйын ҡоралдары оҙатыуында. Дауыттың мәҙхиәһе. Ҡотҡар, Раббы! Тәҡүә бер кеше ҡалманы, Һиңә тоғролар ҡалманы әҙәм балалары араһында. Ялған һөйләйҙәр бер-береһенә; Телдәре шыма, күңелдәрендә – хәйлә. Ҡырҡып ташлаһын Раббы ялған телдәрҙе; Маҡтансыҡ ауыҙҙарҙың өндәрен тыҡһын. Әйтер улар: «Телебеҙ менән еңәбеҙ! Ауыҙ үҙебеҙҙеке – кем хужа беҙгә?» Әйтер Раббы: «Инде сара күрермен, Йәберләнгән ярлыларға, ыңғырашҡан меҫкендәргә Үҙҙәре теләгән именлекте бирермен». Раббының һүҙҙәре – пактан-пак: Усаҡта ете ҡат яндырылып Таҙартылған иң саф көмөш һымаҡ. Йә Раббы, Һин уларҙы һаҡларһың, Был нәҫелдән мәңге ҡурсаларһың. Һәр тарафта ҡәбәхәтлек – маҡтаулы, Ямандар баҫты донъяны. Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе. Йә Раббы, ҡасанға саҡлы, Мәңгегәме мине оноторһоң? Минән йөҙ йәшерерһең ҡасанға тиклем? Ҡасанғаса йәнем тынғы тапмаҫ, Күңелемдә көн-төн хәсрәт булыр? Ҡасанға тиклем дошманым өҫтөн ҡалыр? Ҡараһаңсы, яуап ҡайтарһаңсы, Раббым Аллам! Күҙҙәремә нур бир, үлем йоҡоһона талмайымсы! Дошмандарым: «Еңдем уны!» – тимәһендәр, Сайҡалғанымда ҡыуана алмаһындар. Мин Һинең мөхәббәтеңә өмөтләнәм, Күңелем ҡотҡарыуыңа ҡыуанасаҡ. Мин Һиңә йырлармын, Раббы: «Ул миңә яҡшылыҡ ҡылды». Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе. Ахмаҡ эсенән генә уйлай: «Алла юҡ!» Кеше боҙолдо, әшәкелеге алдан йөрөй. Яҡшылыҡ ҡылыусы бер кем дә юҡ. Раббы күктән әҙәм балаларына күҙ һала: Аңлылар, Алланы эҙләгәндәр бармы? Барыһы ла юлдан яҙған, берҙәй боҙолған; Яҡшылыҡ ҡылған әҙәм юҡ, Исмаһам, берәү ҡалмаған! Яуызлыҡ ҡылыусылар – Халҡымды икмәк урынына ашағандар, Раббыны саҡырмағандар – Бер ни ҙә аңламаймы ни? Улар оло дәһшәткә төшәсәк, Сөнки Алла тәҡүә быуын яҡлы. Һеҙ фәҡирҙең ниәтен бушҡа сығараһығыҙ, Әммә Раббы уларҙың һыйынысы. Сиондан Исраилға ҡотолоу килһә ине! Раббы Үҙ халҡына муллыҡ-именлек ҡайтарғас, Яҡуп нәҫеле шатлыҡ кисерер, Исраил халҡы ҡыуаныр! Дауыттың мәҙхиәһе. Йә Раббы, сатырыңда ҡунаҡ булырға кем һуң лайыҡ? Мөҡәддәс тауыңда йәшәргә кемдең хаҡы бар? Йөрөгән юлдары камил, Ҡылған ғәмәлдәре ғәҙел, Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәре хаҡ булған, Теле ғәйбәтте белмәгән, Дуҫына зарар ҡылмаған, Яҡынын хурламаған; Аҙғынды кире ҡаҡҡан, Раббынан ҡурҡҡанды хөрмәт иткән, Үҙе зыян күргәндә лә, Биргән антында ныҡ торған; Бурысты файҙа алыр өсөн бирмәгән, Ришүәт өсөн ғәйепһеҙгә ғәйеп ташламаған – Шулай йәшәгән кеше мәңге ҡаҡшамаҫ! Дауыттың шиғыры. Һаҡла мине, эй Алла, Мин Һиндә ышыҡ табамын. Раббыға әйтермен: «Һин – минең Хакимым. Һинән башҡа минең бәхетем юҡ!» Илдәге изгеләргә килгәндә: улар затлы, Бар күңелдән уларға тартылам. Ят илаһтарға эйәргәндәрҙең хәсрәте артыр. Мин боттарға ҡанлы ҡорбандар килтермәм, Исемдәрен телемә лә алмам. Раббы – минең өлөшөм, минең туҫтағым, Минең йәрәбәм – Һинең ҡулыңда. Биләмәмдең ыҙандары ниндәй гүзәл ерҙәр буйлап бара – Ниндәй хозур милек насип иттең миңә! Миңә нәсихәт биргән Раббыға шөкөр итәм, Хатта төндә лә өгөт бирә булмышым. Мин һәр саҡ Раббыға күҙ төбәйем, Ул уң тарафымда торған өсөн Бер нәмә лә мине ҡаҡшата алмаҫ. Шул арҡала күңелемә шатлыҡ тула, Рухым иһә күтәренкелектә; Хатта тәнем именлектә булыр. Сөнки йәнемде үлеләр донъяһында ҡалдырмаҫһың, Тоғро бәндәңә үлем соҡорон күрһәтмәҫһең. Йәшәү юлын өйрәтерһең миңә. Бөтмәҫ шатлыҡ Һинең хозурыңда, Уң яғыңда мәңгелеккә – икһеҙ-сикһеҙ бәхет. Дауыттың доғаһы. Эй Раббы, хаҡ дәғүәмде тыңла, Ялбарыуыма ҡолаҡ һал, Хәйләһеҙ ирендәрем әйткән доғаны ишет! Һинең хозурыңдан сыҡһын миңә хөкөм; Күҙең кем хаҡлы икәнде күрһен. Һин йөрәгемә текәлдең, Төндә килеп мине һынаның, Бер ниндәй ҙә ғәйеп таба алманың, Ауыҙымдан гонаһ һүҙ сыҡмай минең. Бәндәләр нимә генә ҡылһа ла, Мин ауыҙыңдан сыҡҡан һүҙҙәрҙе тотам, Залимдар юлынан йыраҡ торам. Аҙымдарым Һинең юлдан атлай, Тайпылыуҙы белмәй аяҡтарым. Һине саҡырам, эй Алла, миңә яуап ҡайтарырһың; Ҡолаҡ һал, әйткәндәремде ишет! Ғәжәйеп мөхәббәтеңде күрһәт, Үҙеңә һыйынғандарҙы дошмандарҙан Уң ҡулың менән һаҡла! Күҙ алмаңдай һаҡла мине; Ҡанатың аҫтына йәшер Миңә һөжүм иткән яуыздарҙан, Һырып алған үлемесле дошмандарҙан. Уларҙың йөрәктәрен май бөргән, Үҙҙәре оятһыҙ маҡтаналар. Улар эҙҙәремә баҫып килә, Ҡамалайҙар мине һәр тарафтан, Йығып һалыр өсөн һағалайҙар. Гүйә ҡорбанын өҙгөләргә яҫҡынған йыртҡыс, Боҫоп, табышын аңдыған йәш арыҫлан. Йә Раббы, ҡалҡ, уларҙың ҡаршыһына баҫ! Уларҙы ергә йығып һал! Йәнемде ҡотҡар ҡылысың менән яуыздарҙан. Йә Раббы, был кешеләрҙән, Өлөштәре донъялыҡта булғандарҙан Үҙ ҡулдарың менән ҡотҡар. Ҡорһаҡтары хазиналарың менән тулһын, Балалары алҡынғанса ашап туйһын, Артҡаны ейәндәренә тороп ҡалһын! Мин иһә тоғролоҡ менән йөҙөңә бағырмын, Уянғанда Һинең рәүешеңде күреүемә туҡ булырмын. Йырсылар етәксеһенә: Раббы ҡоло Дауыттың мәҙхиәһе. Раббы Дауытты бөтә дошмандарынан һәм Шаулдың ҡулынан ҡотҡарған көндө, Дауыттың Раббыға бағышлаған йыры. Ул былай тине: Һөйөүем Һиңә, йә Раббым, минең ҡеүәтем! Раббы – ҡаям минең, ҡәлғәм, йолоп алыусым; Аллам – ҡаям һәм мин Унда ышыҡ табам; Ул – ҡалҡаным, ҡотҡарыусы ҡөҙрәтем, һыйынысым! Маҡтауға лайыҡ Раббымды саҡырырмын, Дошмандарымдан мин ҡотолормон. Сорнап алды мине үлем ғазаптары, Һәләкәт ташҡыны баштан ашты, Үлеләр донъяһының сынйырҙары сырманы мине, Алда ҡоролған әжәлдең тоҙаҡтары. Раббыға хәсрәт уртаһынан ялбарҙым, Алламдан ярҙам һораным. Ҡорамынан ауазыма ҡолаҡ һалды, Зарым Уға барып етте. Раббының асыуы ялҡынланды: Шул саҡ ер йөҙө сайҡалды ла тетрәне, Тауҙарҙың нигеҙҙәре һелкенде. Танау тишектәренән төтөн урғылды, Ауыҙынан ялмаусы ялҡын бөркөлдө, Әйләнәһендә осҡон сәсрәне. Аушайтты ла күк ҡабағын, Раббы килеп төштө, Аяҡ аҫты тома ҡараңғылыҡ ине. Ул бер кирубҡа менеп осто, Ел ҡанаттарында алға елде. Ҡараңғылыҡты Үҙенә япма итте, Ямғырлы ҡара болоттарҙан Үҙенә сатыр ҡорҙо. Уның хозурындағы балҡыштан, Болоттарҙы үтә тишеп, Боҙборсаҡ һәм утлы ҡуҙҙар яуҙы. Күктәрҙә күкрәне Раббы, Юғарыларҙан Юғары ауаз һалды, Боҙборсаҡ һәм утлы ҡуҙ яуҙырҙы. Уҡ атып, дошмандарын туҙҙырҙы, Йәшен йәшнәтеп, уларҙы тар-мар итте. Йә Раббы, дәһшәтле ауазыңдан, Танауың бөркөгән һулышыңдан Диңгеҙ тәрәнлектәре күренде, Донъяның нигеҙҙәре асылды. Раббы юғарынан ҡул һондо ла мине тотто; Тәрән һыуҙарҙан күтәреп алды. Ҡеүәтле дошмандан азат итте, Минән күпкә көслө булһалар ҙа, Күрә алмаусыларҙан ҡотҡарҙы. Бәлә көнөмдә улар ҡаршыма төшкәйне, Әммә Раббы миңә терәк булды. Ул мине иркенлеккә сығарҙы, Күңеленә хуш килгәнемә күрә ҡотҡарҙы. Тәҡүәлегемә күрә әжерен бирә Раббы, Ғәмәлдәремдең сафлығына күрә бүләкләй. Сөнки мин Раббының юлын тотам, Алламдан йөҙ бороп, яманлыҡ ҡылмам. Уның ҡарарҙарын күҙҙә тотам, Ҡанун-ҡағиҙәләрен ситкә типмәнем. Ҡаршыһында керһеҙ баҫып торам, Гонаһ ҡылыуҙан һаҡландым. Раббы минең тәҡүәлегемдең әжерен бирҙе, Хозурында ғәмәлдәремдең сафлығына күрә бүләкләне. Тоғроларға Һин тоғролоҡ күрһәтәһең, Камилдар менән камилһың. Ғәмәлдәрең пак Һинең пактарға, Мәкерлеләр менән хәйләкәрһең. Иҙелгән бәндәләреңде ҡотҡараһың, Тәкәбберҙең башын түбән эйҙерәһең. Сырағымды тоҡандырыусы Һин, Раббым! Аллам минең ҡараңғылығымды яҡтырта. Һинең менән мин ғәскәргә ҡаршы барам, Аллам менән диуарҙарҙы ашам. Алланың юлы камил. Раббының һүҙе иретеп таҙартылғандай саф. Ул – Үҙенә һыйынғандар өсөн ҡалҡан. Раббынан башҡа тағы ла алла бармы? Аллабыҙҙан башҡа бармы һыйыныр ҡаябыҙ? Алла ҡеүәт менән билем быуа, Ул барыр юлымды камил ҡыла. Аяҡтарымды боландыҡылай етеҙ итә, Түбәләрҙә мине тотороҡло итә. Ҡулымды һуғыш һөнәренә өйрәтә – Беләгем баҡыр йәйәне бөгә ала. Ҡотҡарыусы ҡалҡан бирҙең миңә, Уң ҡулың таяныс булды, Мәрхәмәтең мине мәртәбәле итә. Һин аҙымдарымды киңәйтәһең, Шуға күрә хәлһеҙләнмәҫ аяҡтарым. Дошмандарымды эҙәрләп ҡыуып еттем, Тар-мар итмәйенсә боролманым. Уларҙы туҡманым, бүтән ҡалҡа алманылар, Табан аҫтында аунап ҡалдылар. Алыш өсөн ҡеүәт менән билем быуҙың, Ҡаршы баш ҡалҡытҡандарҙы аяҡ аҫтыма бырғаның. Дошмандарҙы арҡалары менән борҙоң, Миңә үс тотоусыларҙы тар-мар иттем. Инәлделәр, әммә ҡотҡарыусы табылманы; Раббыны саҡырҙылар, Ул яуап ҡайтарманы. Елдәге туҙан һымаҡ уларҙы борҡоттом, Урам бысрағы ише уларҙы тапаланым. Мине халыҡ фетнәләренән ҡотҡарҙың, Ҡәүемдәргә башлыҡ итеп ҡуйҙың, Үҙем белмәгән халыҡтар миңә хеҙмәт итә. Тауышымды ишетеү менән буйһоналар, Яттар алдымда яҡшатланалар. Йөрәктәре тетрәп, ҡалтырашып, Ҡәлғәләренән сығалар. Раббы тере! Һыйынған ҡаям мөбәрәк булһын! Мине ҡотҡарыусы Аллам Күктәргә күтәрелеп ҙурланһын! Минең өсөн үс алыусы Аллам Халыҡтарҙы миңә буйһондорған, Мине дошмандарымдан ҡотҡарған. Һөжүм итеүселәрҙән өҫтөн сығарған, Залим әҙәмдең ҡулынан йолоп алған. Шуға ят ҡәүемдәр араһында Һине данлармын, йә Раббым, Исемеңә мәҙхиә йырлармын. Үҙе ҡуйған батшаға Ул бөйөк еңеүҙәр бирә, Үҙенең мәсихе – Дауытҡа һәм тоҡомона Мәңгелек тоғро мөхәббәтен күрһәтә. Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе. Күктәр Алланың шөһрәтен һөйләй, Күк көмбәҙе иғлан итә ҡулдарының эшен. Көн көнгә тапшыра был һүҙҙәрҙе, Был белемде төн төнгә еткерә. Телмәр ҙә юҡ бында, һөйләшеү ҙә, Уларҙың тауышы ишетелмәй. Әммә ауаздары бөтөн донъяға тарала, Хәбәрҙәре ер сиктәренә олғаша. Раббы күктә ҡояш өсөн сатыр ҡорған. Ҡояш – сымылдаҡтан сыҡҡан кейәү һымаҡ; Шатлана, гүйә ярышҡа сыҡҡан йүгерек егет. Күктең бер осонан сыға, Икенсе осона барып байый – Эҫеһенән һис нәмә йәшенә алмай. Раббының ҡануны камил – йәнде терелтә; Раббы күрһәтмәләре ышаныслы – бер ҡатлыны зирәк итә; Раббының нәсихәттәре дөрөҫ – күңелде һөйөндөрә; Раббы бойороҡтары аныҡ – күҙҙе аса; Раббынан ҡурҡыу – паклыҡ, ул мәңге дауам итә; Раббының хөкөмдәре ышаныслы, барыһы ла ғәйәт ғәҙел. Улар алтындан, саф алтын тауҙарынан ғәзизерәк; Улар балдан, кәрәҙҙән тамылйыған балдан, татлыраҡ. Мин, ҡолоң Һинең, уларҙан нәсихәт алам, Уларға таянып йәшәгәндәр ҙур бүләк ала. Кем үҙенең хаталарын белер? Йәшерендәренән пакла мине. Белә-күрә гонаһ ҡылыуҙарҙан һаҡла, Улар миңә хаким була алмаһын! Шул сағында мин камил булырмын, Ҙур гонаһтарҙан азат ҡалырмын. Ауыҙымдан сыҡҡан һүҙҙәр, Башымдағы уй-ниәттәр, Һинең күңелеңә хуш булһасы, Эй Раббым, ҡаям һәм ҡотҡарыусым! Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе. Бәлә килгәндә яуап ҡайтарһын һиңә Раббы, Яҡуп Аллаһының исеме һине һаҡлаһын! Мөҡәддәс торлағынан ярҙам ебәрһен, Сиондан Ул һиңә таяныс юллаһын. Бөтә саҙаҡаларыңды иҫкә алһын, Тотош яндырыу ҡорбандарыңды ҡабул ҡылһын! Йәнең теләгәнде бирһен, Һәр бер ниәтеңде ғәмәл итһен! Ә беҙ һинең еңеүеңә шатланып гөрләшербеҙ, Аллабыҙ исеме менән байраҡ күтәрербеҙ. Раббы бөтә үтенестәреңде ғәмәл ҡылһын. Инде беләм, Раббы Үҙе мәсехләгән батшаны ҡотҡарыр, Уға мөҡәддәс күгенән яуап бирер, Ҡөҙрәтле уң ҡулы менән еңеү бүләк итер. Ҡайһылар яу арбалары, Икенселәр аттары менән маҡтаныр. Беҙ иһә Аллабыҙ Раббының исеме менән маҡтанырбыҙ. Тегеләр сүгер һәм йығылырҙар, Беҙ ҡалҡырбыҙ, туп-тура торорбоҙ. Йә Раббы, Һин батшаға еңеү бир! Һине саҡырғанда, беҙгә яуап ҡайтар! Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе. Йә Раббы, Һин биргән көскә ҡыуана батша, Һин килтергән еңеүгә сикһеҙ шатлана! Йәне нимә теләй, шуны бирҙең, Теленән төшкән үтенесен кире ҡаҡманың. Уны изге фатихалар менән ҡаршы алдың, Башына саф алтындан таж ҡуйҙың. Ул Һинән ғүмер һораны – бирҙең, Көндәрен оҙон, мәңгелек иттең. Еңеү яулатып дан ҡаҙандырҙың, Дәрәжә, бөйөклөк менән бүләкләнең. Һин мәңге уны фатихалайһың, Хозурыңдағы һөйөнөскә сорнайһың. Сөнки батша Раббыға инана, Юғарыларҙан Юғарының мөхәббәте арҡаһында сайҡалмаҫ. Ҡулың бар дошмандарыңа барып етер, Уң ҡулың Һине күрә алмаусыларҙы тотор. Һин пәйҙә булғас, йә Раббы, Уларҙы ҡыҙған мейестәгеләй яндырырһың; Ярһыуың менән ялмап йоторһоң, Ялҡыныңда яндырып бөтөрһөң. Уларҙың нәҫелен – ер йөҙөнән, Тоҡомон кеше араһынан юҡ итерһең. Улар Һиңә ҡаршы мәкер ҡорҙо, Яуызлыҡ ниәтләне, тик бер нәмә лә килеп сыҡмаҫ! Һин уларҙы кире ҡыуасаҡһың, Йәйәң уларҙың йөҙөнә төбәлгән. Йә Раббы, ҡалҡ, күрһәт ғәйрәтеңде! Ҡөҙрәтеңә мәҙхиәләр уҡып, дан йырларбыҙ! Йырсылар етәксеһенә: «Таң боланы» көйөнә. Дауыттың мәҙхиәһе. Аллам, Аллам, ниңә Һин мине ташланың? Ник алыҫһың мине ҡотҡарыуҙан, Иңрәүемде минең ишетеүҙән? Аллам, саҡырамын көндөҙҙәрен – яуап ҡайтармайһың. Төнөн йәнә – тынғылыҡ тапмайым. Һин ни ҡәҙәр мөҡәддәсһең! Исраилдың маҡтауҙары өҫтөнә тәхет ҡорғанһың. Һиңә инанды аталарыбыҙ, Ышандылар – Һин уларҙы азат ҡылдың. Һиңә ялбарып ҡотҡарылдылар, Ышандылар һәм оятҡа ҡалманылар. Әммә мин кеше түгелмен, бер ер ҡорто. Әҙәм мәсхәрәһе, халыҡ хурлығы. Күргән берәү ауыҙын ҡыйшайта, Мыҫҡыллап баш сайҡай-сайҡай әйтә: «Раббыға ышанған икән – Ул ҡотҡарһын, Әгәр ҙә үҙ күрә икән – ярҙам итһен!» Әммә мине аналыҡтан донъяға сығарған, Әсәм күкрәгендә мине имен һаҡлаған – Һин бит. Тыуғанымдан алып Һиңә тапшырылдым, Әсәм ҡарынынан бирле – Аллам Һинһең. Йыраҡлашма минән – бәлә яҡын, Бер кем дә юҡ ярҙам ҡулы һуҙған. Дошмандар үгеҙҙәй уратып алған, Ажарлы Башан үгеҙҙәреләй ҡамалаған. Ырылдап ҡорбанын йыртҡыслаған арыҫландай, Миңә ҡарап ауыҙын ыржайтҡан. Һыуҙар ғына һымаҡ түгеләмен, Таралыптар төштө һөйәктәрем; Балауыҙҙай ирей эс-бауырым. Көсөм көршәк ярсығы һымаҡ ҡороно, Телем аңҡауға йәбеште; Һин ятҡырҙың мине үлем тупрағына. Эттәр мине ҡамаланы, Яуыздар өйөрө урап алды, Яраланы аяҡ-ҡулдарымды. Һәр һөйәгемде һанарға була. Дошмандарым тексәйгән, тамаша ҡыла. Кейемдәремде үҙ-ара бүлешәләр, Ябынсам өсөн йәрәбә ырғыталар. Йә Раббы, Һин, зинһар, йыраҡлашма, Ҡөҙрәтем, ярҙамға ашыҡһана! Ҡурсаласы мине ҡылыстан, Бөртөк йәнемде – эттәрҙең тырнағынан! Ҡотҡар арыҫландың ауыҙынан, Ҡырағай үгеҙҙәр мөгөҙөнән. Зинһар, миңә яуап ҡайтар! Исемеңде туғандарыма һөйләрмен, Изге йыйында Һине данлармын: «Эй һеҙ, Раббынан ҡурҡҡандар, Уны маҡтағыҙ! Яҡуп тоҡомо, Уны данла! Тетрән Унан, эй Исраил заты! Сөнки Раббы фәҡирҙең хәсрәтенә вайымһыҙ ҡалманы, Унан екһенеп, йөҙ йәшермәне; Ярҙам һорап ялбарғанға яуап бирҙе». Бөйөк йыйында Һиңә минең маҡтауым! Һинән ҡурҡҡандар алдында Нәҙерҙәремде үтәрмен. Әйҙә, бар ярлылар ашап туйһын, Раббыны эҙләгәндәр Уны данлаһын. Көс һәм ҡаһарманлығығыҙ мәңге дауам итһен. Ер йөҙөнөң һәр тарафында ғүмер иткәндәр Раббыны иҫкә алыр, Уға табан боролор. Донъялағы барлыҡ ҡәбиләләр Уның ҡаршыһында сәждә ҡылыр. Сөнки батшалыҡ тәхете – Раббыныҡы, Ҡәүемдәргә Ул хакимлыҡ итә. Донъяның бар затлылары ашап туйыр, Һәм дә Уның ҡаршыһында сәждә ҡылыр. Тупраҡҡа төшкәндәрҙең һәммәһе – Үҙҙәрен үлемдән һаҡлай алмағандар – Уның хозурында теҙ сүгерҙәр. Нәҫелдәре Уға хеҙмәт итер, Киләсәк быуындар бөйөк Хаким хаҡында ишетер, Уның хаҡлығы, ғәмәлдәре хаҡында Тыуасаҡ быуындарға хәбәр итерҙәр. Дауыттың мәҙхиәһе. Раббы – көтөүсем минең, Мин һис тә мохтажлыҡ күрмәм. Мине хәтфә болондарҙа ял иттерер, Тымыҡ һыуҙарға Ул алып барыр. Ул ҡабаттан мине хәлләндерер, Исеме хаҡына дөрөҫ-хаҡ юлдан етәкләр. Үлем шәүләһе баҫҡан үҙәндән Үткән саҡта ла хәүефтән ҡурҡмам, Сөнки Һин бит минең менән. Ҡулыңда көтөүсе таяғың менән суҡмарың, Шуға күрә йәнем тыныс минең. Дошмандарымдың алдында Һин миңә табын ҡорорһоң; Башыма зәйтүн майы һөртөрһөң, Туҫтағымды мөлдөрәмә тултырырһың. Шулай, игелегең менән мөхәббәтең Ғүмерем буйы оҙатып йөрөр. Көндәремдең ахырына тиклем Раббы йортонда төйәкләнермен. Дауыттың мәҙхиәһе. Раббыныҡы ер йөҙө һәм ундағы бөтә нәмә, Раббыныҡы йыһан һәм ундағы бар тереклек. Ул ерҙең нигеҙен диңгеҙҙәр өҫтөндә ҡорған, Ағым һыуҙар өҫтөндә урынлаштырған. Кем сыға алыр Раббы тауына? Мөҡәддәс урынында кем тора алыр? Ҡулдары пак, йөрәге саф булған, Буш-юҡҡа күңел һалмаған, Ялған ант бирмәгән әҙәм. Ул Раббының бәрәкәтен алыр, Ҡотҡарыусыһы Аллала аҡлау табыр. Раббыны эҙләгәндәрҙең, Яҡуп Аллаһының хозурына килгәндәрҙең Заты бына шундай. Ҡалҡытығыҙ башығыҙҙы, эй ҡапҡалар! Боронғо ишектәр, асылығыҙ! Шөһрәтле Батша эскә үтһен! Кем ул был шөһрәтле Батша? Ул – көслө, ҡөҙрәтле Раббы, Алышта ҡеүәтле Раббы. Ҡалҡытығыҙ башығыҙҙы, эй ҡапҡалар! Боронғо ишектәр, асылығыҙ! Шөһрәтле Батша эскә үтһен! Кем ул был шөһрәтле Батша? Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Ул – Был шөһрәтле Батша! Дауыттың мәҙхиәһе. Йәнемде Һиңә тапшырам, Раббы! Эй Аллам, мин Һиңә өмөт тотам, Еңелеп, мәсхәрәгә ҡалыуҙан һаҡла. Дошмандарым, минән көлөп, тантана итә алмаһын! Һиңә өмөт бағлағандар оятҡа ҡала күрмәһен. Мәкерле хыянат итеүселәр үҙҙәре хурлыҡҡа төшһөн. Раббы, юлдарыңды күрһәт миңә, Һуҡмағыңдан нисек йөрөргә төшөндөр. Хаҡлыҡ юлынан алып бар мине, өйрәт; Мине ҡотҡарыусы Аллам бит Һин. Ышанысым һәр саҡ Һиндә генә. Раббы, мәңгелектән килгән Мәрхәмәтең менән мөхәббәтеңде иҫкә төшөр. Йәшлектә ҡылған гонаһтарымды иҫкә алма, Яман ҡылыҡтарым өсөн язалама. Тоғро мөхәббәтеңә күрә хәтерлә мине, Игелегеңә күрә иҫтә тот, Раббым! Раббы игелекле, ғәҙел, Ул гонаһлыларға юл күрһәтер. Баҫалҡыларҙы хаҡлыҡ юлынан етәкләй, Үҙ юлдарын өйрәтә уларға. Раббы менән килешеүҙе, Уның күрһәтмәләрен тотҡандар Раббы юлында мөхәббәт һәм тоғролоҡҡа осрар. Исемең хаҡына, Раббы, ярлыҡай күр, Сөнки минең ғәйебем ҙур. Кем ул Раббынан ҡурҡҡан зат? Шуға Раббы дөрөҫ юл һайларға өйрәтер. Ул рәхәттә ғүмер итер; Иле тоҡомона мираҫҡа ҡалыр. Раббы Үҙенән ҡурҡҡандарға серен асыр, Уларға Үҙ килешеүен аңлатыр. Күҙҙәрем һәр саҡ Раббыла минең, Сөнки аяҡтарымды тоҙаҡтан Ул сығара. Йөҙөңдө бор миңә, шәфҡәтле бул; Сөнки яңғыҙмын, мохтажлыҡтамын. Күңелемдә хәсрәттәрем артты, Ҡотҡарһаңсы мине бәләләрҙән! Күреп минең ғазап, ҡайғыларҙы, Бар гонаһтарымдан ярлыҡасы! Ҡара дошмандарыма, ныҡ күбәйҙеләр, Миңә аяуһыҙ нәфрәт менән бағалар! Һаҡла йәнемде, йолоп ал мине! Һиңә һыйынам, хурлыҡҡа ҡалдырмаҫһың! Паклыҡ менән тоғролоҡ ҡурсалаһын мине, Мин өмөтөмдө Һиңә бағлайым. Эй Алла, Исраилды бөтә бәләләренән ҡотҡар! Дауыттың мәҙхиәһе. Хаҡлығымды раҫла минең, Раббы, Сөнки намыҫлы йәшәнем; Һис икеләнеүһеҙ Раббыға ышандым. Тикшер мине, Раббы, һынап ҡара! Иретеп паклаған һымаҡ эс-бауырымды таҙала! Һинең тоғро мөхәббәтең күҙ алдымда, Мин Һиңә һәр саҡ тоғромон. Алдаҡсы бәндәләр менән ултырманым, Ике йөҙлөләр менән юлдаш булманым. Ямандарҙың йыйынына нәфрәт тотам, Залимдар араһына инмәнем. Ғәйепһеҙлегемде раҫлап, Ҡулымды йыуырмын, Раббы. Ҡорбан усағыңды уратып йөрөрмөн, Яңғыратып шөкөрана ҡылыр, Мөғжизәле эштәреңде һөйләр өсөн. Мин яратам, Раббы, торлағыңды, Шөһрәтең төйәкләнгән урынды. Мине гонаһлы бәндәләргә, Ҡан түгеүселәргә ҡуша һепереп түкмә. Уларҙың ҡулдары яуызлыҡ ҡыла, Уң ҡулдары тулы ришүәт уларҙың. Ә мин намыҫлы йәшәйем, Йолоп ал, шәфҡәтле булсы миңә! Аяҡтарым тигеҙ юлға баҫты. Йыйында Раббыға маҡтау йырлайым. Дауыттың мәҙхиәһе. Раббы – минең яҡтылығым, ҡотҡарыусым, Кемдән ҡурҡайым мин? Раббы – тормошом ҡәлғәһе, Кемдән өркәйем мин? Йотмаҡ булып ташланған яуыздар – Күрә алмаусылар, дошмандарым – абынып ергә ауасаҡ. Тотош туплам булып ҡалҡһалар ҙа, Йөрәгемде ҡурҡыу алмаясаҡ. Хатта ҡаршы һуғыш асһалар ҙа, Ышанысым һис юғалмаясаҡ. Раббынан мин бер генә нәмә һораным, Тик бер генә нәмә теләгәнем: Ғүмерем буйы өйөндә төйәкләнәйем, Раббының күркәмлегенә хайран булып, Һәр ваҡыт ҡорамында яуап көтәйем. Афәт көнөмдә мине сатырына йәшерер, Уның иң аулаҡ ерендә һаҡлар, Бейек ҡая башына баҫтырыр мине. Шул саҡ уратып алған дошмандарыма ҡаршы Башымды юғары ҡалҡытырмын, Шатлыҡ ауаздары менән Сатырында ҡорбандар салырмын, Раббыны маҡтап көйләрмен, Мәҙхиәләр йырлармын. Тауышымды ишет, Раббы, ялбарамын. Шәфҡәтле бул, яуап ҡайтар миңә! Күңелемдә яңғыраны Һинең ауаз: «Йөҙөмдө эҙләгеҙ!» – тинең. Һинең йөҙөңдө эҙләйем, Раббы, Минән йөҙөңдө йәшермә, зинһар, Асыуланып ҡыума мин ҡолоңдо! Һин һәр ваҡыт миңә ярҙам иттең, Ташлама, ситкә тибәрмә, Эй Илаһым, Ҡотҡарыусым! Атам менән әсәм ташлаһа ла, Раббы мине һыйындырыр. Эй Раббы, юлыңды өйрәт миңә! Ҡарап торған дошмандар алдында Мине дөрөҫ һуҡмаҡтан алып бар. Мине улар ҡулына ҡалдырма, Сөнки ҡаршыма ялғансы шаһиттар ҡалҡты, Ауыҙҙарынан дәһшәт эркелә. Әммә мин Раббының яҡшылығын Тереләр донъһында күрермен. Быға минең бер ниндәй шөбһәм юҡ. Өмөтөңдө бағла Раббыға! Көслө, ҡыйыу йөрәкле бул! Өмөтөңдө бағла Раббыға! Дауыттың мәҙхиәһе. Һиңә, Раббы, ялбарып өндәшәм, Ҡаям минең, өнһөҙ ҡала күрмә. Әгәр яуап ҡайтармаһаң, Ҡәбергә төшкәндәргә оҡшап ҡалырмын. Һине ярҙамға саҡырып, Мөҡәддәс ҡорамыңа табан ҡул һонғанымда, Ялбарыусы тауышымды ишет. Яҡынына яҡшы һүҙҙәр һөйләй-һөйләй Күңеленән мәкер уйлаған залимдар, Ямандар менән бергә мине лә алып китмә. Уларға ғәмәлдәренә, Яуыз эштәренә күрә ҡайтар, Ҡулдары менән ҡылғандың әжерен бир, Үҙҙәре нимәгә лайыҡ, шуны ҡыл! Раббының ғәмәлдәренә әһәмиәт бирмәгәнгә, Ҡулдарының эшен һанға һуҡмағанға күрә, Раббы уларҙы вата һуғыр, бүтән ҡоршамаҫ. Раббы мөбәрәк булһын! Ул ялбарыуымды ишетте. Раббы – минең көсөм һәм ҡалҡаным. Ихлас күңелдән Уға ышандым, Ә Ул ярҙамынан ташламаны. Бар булмышым менән ҡыуанам, Йырым менән Уға шөкөрана ҡылам. Раббы – халҡының ҡөҙрәте, Үҙе мәсехләгән батшаның һыйынысы, ҡотҡарыусыһы! Ҡотҡар халҡыңды, Биләмәң булған халҡыңа фатиха бир. Уларға көтөүсе бул, Һәр саҡ ҡул осоңда йөрөт! Дауыттың мәҙхиәһе. Эй илаһи заттар, Раббыға лайыҡ булғанды бирегеҙ – Раббының ҡөҙрәте менән шөһрәтен танығыҙ! Раббы исеменең данын танығыҙ! Мөҡәддәс балҡышы хозурында Раббыға сәждә ҡылығыҙ! Раббы ауазы һыуҙар өҫтөндә яңғырай, Күкрәй шөһрәтле Алла. Раббы даръя һыуҙары өҫтөндә гиҙә. Раббы ауазы ҡеүәтле, Мәғрур Раббының ауазы. Ул ауаз кедр ағастарын һындыра; Раббы Ливандың кедрҙарын ауҙара. Ливан тауҙарын башмаҡтай, Сирйон тауын ҡырағай йәш үгеҙҙәй һикертә. Раббының ауазы ут-ялҡын сығара; Сүллекте тетрәтә Раббының ауазы, Ҡадеш сүлен дер һелкетә Раббы. Раббы ауазы имәндәрҙе тетрәтә, Урмандарҙы япраҡһыҙ ҡалдыра. Ҡорамындағы һәммәһе ҡысҡыра: «Дан!» Раббы даръя һыуҙары өҫтөндәге тәхетендә ултыра, Ул – мәңгелек Батша, тәхетендә ҡалыр. Раббы Үҙ халҡына ҡеүәт бирер, Ул халҡын именлек биреп фатихалар! Дауыттың мәҙхиәһе. Ҡорамды изгеләндереү тантанаһында башҡарылған йыр. Эй Раббы, Һине ҙурлайым! Мине ҡәбер ауыҙынан тартып алдың, Дошмандарыма минән көлөргә юл ҡуйманың. Эй Раббы Аллам, Һиңә ялбарҙым, Һин миңә шифа бирҙең. Раббым, йәнемде гүрҙән сығарҙың, Йәшәү бирҙең, ҡәбергә төшөрмәнең. Эй Раббының тоғро бәндәләре, Уға мәҙхиә йырлағыҙ. Мөҡәддәс исеменә рәхмәт уҡығыҙ. Уның асыуы – бер мәлгә генә, Миһырбаны ғүмер буйы ҡалыр. Кисен күҙ йәшебеҙ аҡһа, Таң менән бергәләп шатлыҡ тыуыр. Именлектә саҡта әйткән инем: «Инде һис ҡасан да сайҡалмаҫмын!» Раббы, мине хуш күргән сағыңда Тау һымаҡ ҡаҡшамаҫ, ғорур иттең. Әммә йөҙөңдө йәшергәс, Мин йәнә хафаға ҡалдым. Йә Раббым, Һине саҡырҙым, Бөйөк Хакимыма мәрхәмәт һорап ялбарҙым: «Ни файҙа булыр Һиңә, түгелеп ҡаным, Үлем соҡорона әгәр төшһәм? Ҡәбер тупрағы Һине данлаймы? Һинең тоғролоғоң хаҡында һөйләйме? Ишет, Раббы, мәрхәмәт ҡыл миңә; Йә Раббы, ярҙамсы бул!» – тинем. Һыҡтауымды Һин бейеүгә әйләндерҙең, Хәсрәт кейемемде систерҙең дә Ҡыуаныс менән сорнаның. Күңелем Һиңә һис тынмай дан йырлар. Эй Раббым Аллам, Һиңә мәңге шөкөрана ҡылырмын. Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе. Йә Раббы, Һиндә мин ышыҡ табам, Миңә оятҡа ҡалырға бирмә мәңге, Ғәҙеллегеңде күрһәт, йолоп ал! Ҡолаҡ һал минең тарафҡа, йәһәтерәк ҡотҡар! Миңә һыйыныр ҡая бул, Ныҡлы ҡәлғә бул, йәшенеп ҡотолайым! Ҡаям да Һин, ҡәлғәм дә Һин! Етәклә, исемең хаҡына юл күрһәт миңә. Мин тик Һиндә генә ышыҡ табам, Сығарһана йәшерен ҡоролған тоҙаҡтарҙан. Рухымды Һинең ҡулыңа тапшырам, Ҡотҡараһың мине, Раббы, тоғро Аллам! Мәғәнәһеҙ боттарға табынғандарға нәфрәт тотам, Мин Раббыға инанамын. Мин Һинең тоғро мөхәббәтеңә Шатланып күңел асырмын; Сөнки хәсрәтемде күрҙең, Йән ғазабымды беләһең. Мине дошман ҡулына төшөрмәнең, Иркен ергә сығарып баҫтырҙың. Әрнейем, йә Раббы, рәхимле бул, Ҡайғыларҙан күҙем тондо, Йәнем дә, тәнем дә ҡороп кипте. Ғүмерем ҡайғы-хәсрәттә, Йылдарым аһ-зар эсендә үтә. Гонаһтарҙан көсөм ҡаҡшап, Быуын-һөйәктәрем иреп төштө. Дошмандарым арҡаһында мин хур булдым, Хатта яҡындарым араһында. Мине күреп таныштарҙың ҡото оса, Урамда осрағандар боролоп ҡаса. Үлеп, хәтерҙән юйылған бәндә һымаҡ онотолдом, Ватыҡ бер көршәккә оҡшап ҡалдым. Бик күптәрҙең бышылдашҡанын ишетәм: Һәр яҡтан мине ҡурҡыныс урап алған, Миңә ҡаршы һүҙ ҡуйышалар, Йәнемде алыр өсөн мәкер ҡоралар. Әммә өмөт-ышанысым Һиндә, Раббым; «Һин минең Алламһың!» – тип әйтәмен. Минең тормошом Һинең ҡулыңда, Баҫтырған дошмандарҙан арала. Йөҙөңдө ҡолоң тарафына бор; Тоғро мөхәббәтең менән ҡотҡар! Оятҡа ҡалдырмаһаңсы, Раббы, Сөнки Һиңә һығынамын. Әйҙә яуыздар хурлыҡҡа ҡалһын, Үлеләр донъяһында өндәре тығылһын. Ябылһын ул алдаҡсы ауыҙҙар; Тәҡүә бәндәгә ҡаршы Тәкәббер генә маһайып баҡҡан, Түбәнһетеп һөйләгәндәр телһеҙ ҡалһын. Игелегең ни тиклем мул, Раббы! Уны Үҙеңдән ҡурҡҡандарға һаҡлайһың, Барыһының күҙ алдында Яҡшылыҡ ҡылаһың үҙеңә һыйынғандарға. Уларҙы кешеләр мәкеренән Хозурыңда йәшереп тотаһың; Яман телдәрҙән ҡурсалап, Ышығыңа һыйындыраһың. Раббы мөбәрәк булһын! Сөнки ҡамауҙа ҡалған ҡалала Ғәжәйеп тоғро мөхәббәтен күрһәтте. Мин хафаға ҡалып әйттем: «Күҙ алдыңдан ситкә тибәрелдем!» Әммә Һине ярҙамға саҡырғас, Ялбарыуымды ишеттең. Яратығыҙ Раббыны, барса Уға тоғролар! Раббы Үҙенә тоғроларҙы ҡурсалар, Ә тәкәбберҙәргә әжерҙәрен ҡайтарыр. Эй һеҙ, кем Раббыға ышаныс бағлаған, Булығыҙ ҡеүәтле һәм ҡаһарман! Дауыттың уйланыуҙары. Бәхетлелер кеше, әгәр енәйәте ярлыҡанһа, Ҡылған гонаһы юйылһа! Раббы кемдең ғәйебен иҫәпкә алмаған, шул бәхетле, Булмышында хәйлә булмаған кеше бәхетле! Ғәйебемде эсемә йомған сағымда, Көндәр буйы иңрәүемдән Ҡоро һөйәк кенә булып ҡалдым. Көнөн-төнөн ҡулыңдың ауырлығын тойҙом иңемдә; Йәйге ҡоролоҡ мәлендәгеләй көйҙөм, бөттө хәлем. Шунан Һиңә гонаһымды астым, Ғәйебемде йәшермәнем. «Яҙыҡ эштәрем хаҡында Раббыға һөйләйем», – тинем. Һәм һин гонаһымды ғәфү иттең. Бына шуға күрә һәр бер тоғро ҡолоң Бәлә килгән мәлдә Һиңә доға ҡылһын. Шул ваҡытта һыуҙар ташҡыны Уға барып етә алмаясаҡ. Һыйыныр ышығым Һинһең. Мине ҡазаларҙан ҡурсалайһың, Еңеү ҡыуанысына солғайһың. Раббы әйтә: «Һиңә аҡыл өйрәтермен, Барыр юлыңды Мин күрһәтермен, Өгөт-нәсихәтемде бирермен, Күҙем һәр саҡ һиндә булыр». Ат йәки ҡасыр һымаҡ ахмаҡ булмағыҙ. Уларҙы тыңлатыу өсөн һәр саҡ Йүгән менән теҙген мотлаҡ. Яуыздарҙың башына күп ғазап килер. Ә Раббыға өмөт бағлағанды иһә Уның тоғро мөхәббәте солғап алыр. Тәҡүәләр өсөн Раббы ҡыуаныс-шатлыҡ булһын, Бөтә саф күңеллеләр һөйөнөп тантана итһен! Ҡыуанышып йырлағыҙ Раббыға, тәҡүә йәндәр! Уны данлау бик килешә саф күңеллеләргә. Лира ауаздары менән Раббыға шөкөр итегеҙ, Ун ҡыллы арфала Уны данлап көйләгеҙ. Уға яңы бер йыр йырлағыҙ, Шатлыҡ ауаздары яңғыратып, Оҫта итеп уйнағыҙ. Сөнки Раббының һүҙе хаҡ, Уның ҡылған ғәмәлдәре тоғро. Ул хаҡлыҡ һәм ғәҙеллек ярата, Ер Раббының тоғро мөхәббәте менән тулы. Күк Раббының һүҙенән бар булған, Күк есемдәре Уның һулышынан яралған. Ул диңгеҙ һыуҙарын турһыҡтағы кеүек бергә йыйған, Даръя һыуҙарын һаҡлауға һалған. Бөтөн донъя тетрәнһен Раббынан, Ер йөҙөндә йәшәгәндәр Уның алдында ҡалтырап торһон. Ул әйткәйне, әйткәне бар булды; Ул бойорҙо, бойороғо ғәмәлгә ашты. Раббы боҙа ҡәүемдәрҙең ниәттәрен, Ул бушҡа сығара милләттәрҙең маҡсаттарын. Раббының ҡарары мәңгегә үҙгәрмәҫ, Уның ниәттәре быуындан-быуынға күсеп барыр. Ниндәй бәхетле Аллаһы Раббы булған ҡәүем, Раббы Үҙе өсөн һайлап алған халыҡ! Раббы күк йөҙөнән ҡараш ташлар, Әҙәм балаларының һәммәһен күрер. Тәхетендә ултырған урындан Ерҙә йәшәгән һәр кемде күҙләр. Ул бит һәммәһенең дә йөрәген бар ҡылған, Эшләгән бар ғәмәлдәрен аңлап тора. Батшаны ишле ғәскәре ҡотҡара алмаҫ, Баһадирҙы беләк көсө яҡлай алмаҫ. Ҡотолоу өсөн ат та ышанысһыҙ, Ҡеүәтенә өмөт бағлап, Мөмкин бик ныҡ отолорға. Әммә Раббының күҙе – Үҙенән ҡурҡҡандарҙа, Тоғро мөхәббәтенә ышаныс тотҡандарҙа. Уларҙың йәндәрен үлемдән ҡотҡарыр, Аслыҡ осоронда ғүмерҙәрен һаҡлар. Беҙҙең йәнебеҙ Раббыға мохтаж; Ул – беҙҙең ярҙамсыбыҙ һәм ҡалҡаныбыҙ. Йөрәгебеҙ тик унда һөйөнөс таба, Мөҡәддәс исеменә арҡаланабыҙ. Өмөтөбөҙ Һиндә булған һымаҡ, Раббы, Тоғро мөхәббәтең беҙҙә була күрһен! Дауыттың мәҙхиәһе. Авимәләх алдында аҡылдан шашҡан булып ҡыланған һәм ҡыуылып китеп барған ваҡытында сығарылған. Гел генә Раббыға маҡтау-шөкөр яуҙырамын, Уны данлау телемдән һис төшмәй. Бар күңелдән Раббы менән маҡтанамын, Иҙелгәндәр мине ишетеп шатланыр. Ҙурлағыҙ минең менән бергә Раббыны, Бергәләшеп Уның исемен ҙурлайыҡ. Раббынан ярҙам һораным – яуап бирҙе, Һәммә ҡурҡыуҙарҙан араланы. Уға баҡҡандарҙың йөҙҙәре нур сәсә, Оятҡа ҡалып ҡыҙарынмаҫтар. Мин фәҡирең Раббыға ялбарҙым, Ул мине ишетте, Бөтә бәләләрҙән әрсәләне. Раббынан ҡурҡҡандарҙы Уның фәрештәһе Һәр яҡтан ҡамап торор һәм азат итер. Татып ҡарағыҙ, күрегеҙ – Раббы ниндәй игелекле; Ниндәй бәхетле Уға һыйынған әҙәм! Раббынан ҡурҡығыҙ, Уның изге бәндәләре, Унан ҡурҡҡандар мохтажлыҡ күрмәҫ. Йәш арыҫландар ҙа табышһыҙ, ас ҡалыр; Ә Раббыны эҙләгәндәр Бер ниндәй яҡшылыҡтан да ҡоро ҡалмаҫ. Эй балалар, килегеҙ, мине тыңлағыҙ: Һеҙҙе Раббынан ҡурҡырға, Уны хөрмәтләргә өйрәтәйем. Әгәр кеше тормошонан ләззәт табып, Рәхәтлектә ғүмер итәм тиһә, Телен яманлыҡтан тыйһын, Ауыҙын мәкер өсөн асмаһын. Яуызлыҡтан тайпылһын, яҡшылыҡ ҡылһын; Тыныслыҡ эҙләһен, шуға ынтылһын. Раббының күҙе төбәлгән тәҡүәләргә, Ҡолағы уларҙың ялбарыуҙарына асыҡ. Раббының йөҙө яуызлыҡ ҡылғандарға асыулы баға – Ерҙә уларҙан хатта иҫтәлек тә ҡалдырмай. Тәҡүәләр ялбарғанда Раббы ишетер, Уларҙы бар бәләләрҙән азат итер. Раббы күңеле китек булғандарға яҡын, Ул рухы һынғандарҙы ҡотҡарыр. Тәҡүәләрҙең ҡайғылары күп булһа ла, Раббы барыһынан да ҡотҡарыр. Уларҙың бөтә һөйәген һаҡлар, Һис береһе һындырылмаҫ. Яуызға үҙ яманлығы үлем килтерер, Тәҡүәгә нәфрәт тотҡан бәндә язаға дусар булыр. Раббы ҡолдарының йәнен йолоп алыр, Уға һыйынған һәр берәү язанан ҡотолор. Дауыттың мәҙхиәһе. Эй Раббы, миңә ҡаршы көрәшкәндәр менән Һин Үҙең көрәш, Миңә ҡаршы алышҡандар менән Һин Үҙең алыш! Ал ҡоралың, ал ҡалҡаның, Ярҙамға ҡалҡ! Тот һөңгөңдө, баҫтырыусыларҙың ҡый юлын; Әйт йәнемә: «Ҡотҡарыусың Мин һинең!» Йәнемә теш ҡайрағандар хур булһын! Яуыз ниәт йөрөткәндәр, Оятҡа ҡалып, кире боролһон! Елгә осҡан кәбәк кеүек булһындар, Раббының фәрештәһенән ҡыуылһындар. Юлдары ҡараңғы, тайғаҡ булһын, Раббы фәрештәһе арттарынан баҫтырһын! Сөнки нахаҡҡа миңә тоҙаҡ ҡорҙолар; Һис ғәйепһеҙ йәнемә соҡор ҡаҙҙылар. Баштарына көтмәгәндә афәт килһен, Ҡорған тоҙаҡтарына үҙҙәре ҡапһын, Улар шунда һәләкәт тапһын. Ә йәнем Раббыла шатлыҡ табыр, Уның ҡотҡарғанына ҡыуаныр. Бөтөн булмышым менән әйтермен: «Кем Һиңә оҡшаш, эй Раббы? Көсһөҙҙө көслөнән аралайһың, Ярлы менән хәйерсене Талаусынан ҡотҡараһың!» Залимдар миңә ҡаршы шаһитлыҡ ҡыла; Мин белмәгән нәмәләр хаҡында һорайҙар. Улар яҡшылығыма яуызлыҡ менән яуап ҡайтарҙы, Япа-яңғыҙ йәтим булып ҡалдым. Ә мин улар сирләп ятҡан саҡта, Хәсрәтләнеп ҡыл кейемгә төрөнгәйнем. Үҙемде язалап ураҙа тотҡайным, Улар өсөн ҡабат-ҡабат доға уҡығайным. Уларҙы дуҫым, туғаным һымаҡ яҡын күрҙем. Әсәһе өсөн йәш түккән кеше һымаҡ, Бөгөлдөм, башымды һәлендерҙем. Әммә мин абынғас, улар ҡыуандылар, Өймәкләшеп ҡаршы тупландылар. Юлбаҫарҙар абайламаҫтан төртөп йығып, Туҡтауһыҙ йолҡҡоланылар. Иманһыҙҙар һымаҡ минән мыҫҡыллап көләләр, Мәсхәрәләп тештәрен шығырҙаттылар. Эй бөйөк Хакимым, ҡасанғаса ситтән генә күҙәтерһең? Йәнемде – улар залимлығынан, Ғүмеремде был йыртҡыс арыҫландарҙан ҡотҡар! Шул саҡ оло йыйында Һине данлармын, Күмәк халыҡ алдында маҡтау йырлармын. Бинахаҡҡа мине дошман күргәндәр, Ғәйепһеҙҙән миңә нәфрәт тотҡандар, Бер-береһенә күҙ ҡыҫып, тантана итә алмаһын. Сөнки улар именлек өсөн тырышмай, Илдәге тыныс кешеләргә ҡаршы мәкер туплай. Ауыҙҙарын йәйеп миңә ғәйеп тағалар: «Ысын! Үҙ күҙебеҙ менән күрҙек!» – тиеп торалар. Йә Раббым, быны Һин күрҙең, өнһөҙ ҡалма! Эй бөйөк Хакимым, зинһар, Һин минән йыраҡ торма! Уянһаңсы, Аллам, яҡлашһаңсы, Тор, бөйөк Хакимым, дәғүәмде хаҡҡа сығар! Ғәҙеллегең менән ҡыл хөкөмөң! Раббым Аллам, минән көлмәһендәр! Әйтмәһендәр эстән генә: «Әһә, моратыбыҙға ирештек!» Һөйләмәһендәр: «Башын ашаныҡ!» Минең хәсрәтемә ҡыуанғандар Мәсхәрәгә ҡалып хур булһындар. Эреләнеп ҡаршыма сыҡҡандар Оят-яманатҡа солғанһындар. Мин хаҡ булып сыҡҡанымды теләүселәр Һөйөнөшөп Һиңә дан йырлаһын. Туҡтауһыҙ былай тип ҡабатлаһын: «Ҡолона именлек биргән Раббы бөйөк!» Ә мин ғәҙеллегеңде телдән төшөрмәм, Көн һайын Һине данлармын. Йырсылар етәксеһенә: Раббы ҡоло Дауыттың мәҙхиәһе. Бары гонаһ яуыз әҙәм күңелендә, Алланан ҡурҡыу юҡ булмышында. Ғәйебен таныр, уға нәфрәтләнер урында, Күҙ алдында яҡшатланыр үҙ-үҙенә. Ауыҙынан яуызлыҡ һәм ялған ағыр, Аҡыллы һәм яҡшы эштән йыраҡ йөрөр. Түшәктә лә тик яуызлыҡ уйлап ятыр, Ямандан күңеле ҡайтмаҫ, боҙоҡлоҡ юлына баҫыр. Мөхәббәтең күктәргә йәйелә, Тоғролоғоң болоттарҙан аша. Ғәҙеллегең тауҙар һымаҡ оло, Хаҡ хөкөмөң тәрән даръяларҙан. Кешене лә, хайуанды ла ҡурсалайһың. Ниндәй ҡиммәт мөхәббәтең, эй Алла! Бәндәләрең ҡанатың аҫтында ышыҡ таба. Йортоңдоң муллығы менән уларҙы туйындыраһың, Ләззәт шишмәңдән сарсауҙарын ҡандыраһың. Сөнки йәшәү сығанағы – Һиндә, Һинең нурыңдан беҙ яҡтылыҡ алабыҙ. Һине танығандарға – мөхәббәтеңде, Саф йөрәклеләргә тоғролоғоңдо күрһәт. Тәкәбберҙәрҙең аяғы аҫтында ҡалмаһамсы, Ҡыуаламаһын мине залимдар ҡулы. Күрҙем, яҙыҡ эш ҡылыусылар ҡоланы; Ергә ҡолатылдылар, башҡаса тора алмаҫтар. Дауыттың мәҙхиәһе. Яуызлыҡ ҡылғандарға йәнең көймәһен, Яманлыҡ эшләүселәрҙән көнләшмә! Сөнки улар үлән һымаҡ тиҙ арала ҡорор, Йәшел үҫенте шикелле һулып ҡалыр. Һин Раббыға инан, яҡшылыҡ ҡыл; Ошо ерҙә төйәкләнеп, тоғролоҡта ғүмер кисер. Раббы һинең ҡыуанысың булһын – Ул һиңә йәнең ни теләй, шуны бирер. Тормош юлыңды Раббыға тапшыр, Уға ышан – барыһын да ғәмәл ҡылыр. Ул тоғролоғоңдо таңдай балҡытыр, Ғәҙеллегеңде төшлөктәге ҡояштай итер. Шым тор Раббы хозурында, бул сабыр; Йәнең көймәһен тормошта уңышҡа өлгәшкән, Маҡсатына ирешкән хәйләкәр затҡа. Асыуыңдан тыйыл, ярһыуыңды ташла, Көнсөл булма – улар әҙәмде яҡшыға илтмәй. Яуызлыҡ эшләүселәр ҡырҡып ташланыр, Раббыға өмөт бағлаусы ерҙе мираҫ итеп алыр. Саҡ ҡына көт, яуыз юҡҡа сығыр, Булған ерендә уны эҙләп тә таба алмаҫһың. Ә баҫалҡыларға ер мираҫ ҡалыр, Муллыҡ-именлектә хозурланып йәшәр. Яуыз әҙәм тәҡүәгә мәкер ҡорор, Уға ҡаршы тешен шығырҙатыр. Әммә бөйөк Хаким унан бары көлөр, Сөнки уның һуңғы көнө киләсәген белер. Ярлы-фәҡирҙе ергә ҡолатыр, Тоғро юлдағыны һәләк итер өсөн Залимдар ҡылысын сығарыр, йәйә кирер. Тик ҡылысы үҙ йөрәгенә ҡаҙалыр, Уҡтары һәм йәйәләре һыныр. Тәҡүәнең аҙ ғына малы ла Залимдарҙың ҙур байлығынан артыҡ. Сөнки яуыздарҙың һеңере өҙөлөр, Тәҡүәләргә Раббы таяныс булыр. Камил бәндәләрҙең һәр көнө Раббы иғтибары аҫтында, Биләмәләре мәңге үҙҙәренең ҡулында ҡалыр. Бәлә килгәндә улар түбәнһетелмәҫ, Аслыҡ мәлендә тамаҡтары туҡ булыр. Ә яуыздар һәләкәткә төшөр, Раббының дошмандары ялан гөлөләй ҡорор, Төтөн һымаҡ таралыр ҙа юҡҡа сығыр. Яман кеше бурысҡа алыр ҙа кире бирмәҫ, Тәҡүә әҙәм ҡыҙғанмайынса өләшер. Раббы фатихаһын ҡаҙанғандар илде мираҫ итеп алыр. Ул ләғнәт иткән бәндәләр тамырынан йолҡоп ырғытылыр. Раббы кешенең юлын хуп күрһә, Уның аҙымдарын ныҡлы итер. Ундайҙар абынһа ла йығылмаҫ, Сөнки Раббы етәкләп алған ҡулынан. Мин йәш инем, инде ҡартайҙым, Әммә тәҡүәнең ситкә тибелгәнен, Тоҡомоноң икмәк һорап теләнгәнен һис күрмәнем. Ул һәр саҡ ихлас бурысҡа биреп торор, Тоҡомо хәйер-фатихалы булыр. Яманлыҡтан ҡас һин, яҡшылыҡ ҡыл, Шул саҡ ғүмерең буйы имен йәшәрһең. Сөнки Раббы ғәҙеллекте һөйә, Тәҡүә бәндәләрен ташламай. Тоғроларын мәңге ҡурсалар, Ә яуыздарҙың тоҡомо ҡороп ҡалыр. Тәҡүәләр илде мираҫ итеп алыр, Унда мәңгелеккә төйәкләнер. Тәҡүәнең ауыҙынан аҡыл ағылыр, Теленән ғәҙеллек тамыр. Сөнки Алланың ҡануны – йөрәгендә, Аҙымдары юлдан һис тайпылмаҫ. Залим иһә тәҡүәне аңдып торор, Уны үлтерергә форсат эҙләр. Әммә Раббы тоғроно яман ҡулына ташламаҫ, Хөкөмдә уның ғәйепле түгеллеген раҫлар. Раббыға өмөт бағла, Уның юлын тот, Ул һине ҙурлар һәм илде мираҫҡа бирер. Яуыздарҙың һәләкәтен үҙ күҙҙәрең менән күрерһең. Күргәйнем мин аяуһыҙ, залим әҙәмдең Бай тупраҡта үҫкән ағас һымаҡ көслөлөгөн. Әммә үтеп китте лә юҡ булды, Хатта эҙләһәм дә таба алманым. Керһеҙ күңелле бәндәгә күҙ һал, намыҫлыға ҡара, Ул тыныс йәшәй, уның киләсәге бар. Фетнәселәр иһә барыһы ла юҡ буласаҡ, Залимдарҙың киләсәге ҡырҡыласаҡ. Тоғроларға – ҡотолоу Раббынан, Афәт мәлендә – Ул һыйыныр ышыҡ. Раббы уларға ярҙам итер, ҡотҡарыр, Залимдарҙың ҡулынан ҡурсалап алыр, Сөнки улар Раббыға һыйыныр. Дауыттың мәҙхиәһе. Раббы хәтеренә төшөрһөн өсөн әйтелгән. Йә Раббы, асыуланып язалама мине, Ярһыуыңда мине ғазаплама! Уҡтарың килеп ҡаҙалды, Ҡулдарыңдың ауырлығы баҫа. Асыуыңдан тәнемдә сәләмәт урыным ҡалманы, Гонаһым арҡаһында һөйәктәремдең елеге кипте. Сөнки ғәйептәрем баштан ашты, Күтәрмәҫлек йөк булып иңемә ятты. Алйотлоғом арҡаһында Эренле, һаҫыҡ яраға баттым. Бөгөлдөм, бөкрәйеп төштөм, Көн оҙоно ҡайғылы йәш түгәм. Эс-бауырым уттай яна, Тәнемдә сәләмәт урыным юҡ. Тәҡәтем ҡороно, бөттө хәлем, Йөрәгем әсенеүҙән иңрәйем. Эй бөйөк Хакимым, бөтә теләгәнем хозурыңда, Көрһөнөүем Һинән йәшерен түгел. Йөрәк тыпырсына, көсөм ҡасты, Хатта күҙҙәремдең нуры ҡайтты. Дуҫ-иштәрем ауырыуымды күреп ҡасты, Яҡындарым минән йыраҡлашты. Ә йәнемде көҫәгәндәр тоҙаҡ ҡора, Яманлыҡ теләүселәр һәләкәтемде юрай, Көн оҙоно миңә ҡаршы мәкер уйлай. Ә мин һаңғырау шикелле ишетмәйем, Телһеҙ әҙәмдәй ауыҙ асмайым; Телһеҙ-яуапһыҙ бәндәгә, Бер һаңғырауға әйләндем. Инде өмөтөм Һиндә, йә Раббы, Яуап ҡайтарырһың, Хакимым Аллам! Әйттем: «Хәлемде күреп шатланмаһындар, Аяҡтарым абынғанда, үҙҙәрен өҫтөн тотмаһындар». Йығылыр сигемә еттем, Хәсрәтемдән гелән яна эсем. Ғәйебемде таныйым мин, Гонаһым өсөн ҡайғырам. Дошмандарым иҫән, көсәйәләр, Сәбәпһеҙгә нәфрәт тотоусылар күбәйәләр. Улар яҡшылығыма яуызлыҡ менән яуап бирә, Игелеккә ынтылғаным өсөн дошманлаша. Йә Раббым, мине ташлама! Эй Илаһым, минән йыраҡлашма! Тиҙерәк ярҙамға ашыҡ, эй бөйөк Хакимым! Минең ҡотҡарыусым Һинһең! Йырсылар етәксеһенә: Йедуҫундың көйөнә. Дауыттың мәҙхиәһе. Ҡарар иттем: «Аҙымымды абайлап баҫайым, Телемде гонаһ һөйләүҙән тыяйым; Яуыз әҙәм янымда булғанда, Ауыҙымды ауыҙлыҡлап тотайым». Шымып ҡалдым, ауыҙымдан һүҙ сыҡманы, Хатта яҡшы хаҡында ла өндәшмәнем. Әммә һыҙланыуым арта барҙы, Йөрәгем аяуһыҙ янды, Уйҙарыма ялҡын ҡабынды, Телемдән һүҙҙәр түгелде: «Белдер миңә ахырымды, Раббы, Һанаулы көндәрем күпме ҡалды? Беләйем фанилыҡтағы ғүмеремде! Бына, биргән көндәрең бер ҡарыш ҡына, Һинең хозурыңда ул бер миҙгел һымаҡ. Аяғында ныҡ баҫып торһа ла Әҙәм ғүмере – иҫеп киткән бер ел генә». Кеше йөрөй бары күләгәләй, Бушҡа ғына ығы-зығы килә, Байлыҡ йыя, кемгә ҡаласағын белмәй. Эй бөйөк Хакимым, инде миңә нимә көтөргә һуң? Бар өмөтөм минең Һиндә генә. Мине бөтә гонаһтарымдан арындыр, Ахмаҡтарға мәсхәрә итергә бирмә. Ауыҙымды асмай тынып ҡалдым; Сөнки Һин мине был хәлгә һалдың. Зинһар, туҡта мине язалауҙан, Йоҙроғоңдоң көсөнән мин бөтөп барам. Кешене ғәйебе өсөн әрләп тәрбиәләйһең, Көйә ашағандай, ҡәҙерле әйберҙәрен юҡ итәһең. Ысынлап та әҙәм – бары тик бер һулыш ҡына. Ишет доғамды, йә Раббы, Ялбарыуыма ҡолаҡ һал, Күҙ йәштәремә битараф ҡалма! Сөнки хозурыңда бер килмешәк, Үткенсемен ата-бабаларым һымаҡ. Ситкә ал минән асыулы ҡарашыңды, Бынан үтеп киткәнемә тиклем. Тағы бер аҙ шатлыҡ татыйымсы. Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе. Мин сабырлыҡ менән Раббының ярҙамын көттөм; Миңә боролдо, ялбарыуымды ишетте. Ул мине тәрән соҡорҙан, Батҡаҡтан тартып сығарҙы, Аяҡтарымды ташҡа баҫтырҙы, Аҙымдарымды нығытты. Ауыҙыма яңы бер йыр һалды – Аллабыҙға гүзәл маҡтау йыры. Күптәр күреп тетрәнерҙәр әле, Раббыбыҙға инанырҙар. Раббыға өмөт бағлаған, Тәкәбберҙәргә йөҙ тотмаған, Ялғанға эйәргәндәр менән ҡатнашмаған Кеше ни тиклем бәхетле! Раббы Аллам, Һинең тиңдәшең юҡ! Беҙҙең өсөн мөғжизәләрең, ниәтең күп; Уларҙы аңлатмаҡ буламын да Әйтергә мәжбүрмен: «Иҫәбе-һаны юҡ». Ҡорбан-саҙаҡаларға һушың китмәне, Тотош яндырыу, гонаһ ҡорбандарын талап итмәнең. Әммә минең ҡолағымды астың. Шунда әйттем: «Бына, килдем, Төргәк китапта минең турала яҙылған. Эй Аллам, Һинең ихтыярыңды үтәүҙән мин зауыҡланам, Ҡануның минең күңел түремдә». Оло йыйында һөйөнсөләнем хаҡлығыңды, Ауыҙ йомоп торманым, беләһең, Раббы. Күңелемдә йәшермәнем хаҡлығыңды, Тоғролоғоң, ҡотҡарыуың хаҡында һөйләнем, Тоғролоҡ менән мөхәббәтеңде Бөйөк йыйындан мин йәшермәнем. Раббы, мәхрүм итмә мине рәхим-шәфҡәтеңдән! Мөхәббәтең менән тоғролоғоң һәр саҡ ҡурсалаһын! Сөнки иҫәпһеҙ-һанһыҙ бәләләр солғап алды, Гонаһтарым, ҡыуып етеп, күҙ алдымды томаланы, Башымдағы сәсемдән дә күптәр улар. Бер ниндәй сараһыҙ тороп ҡалдым. Рәхимле бул, Раббы, ҡотҡар мине! Ярҙамға ашыҡ, йә Раббы! Йәнемә ҡул һуҙыусылар Мәсхәрәгә төшөп хур булһын! Зыян килтерергә теләгәндәр мыҫҡыл ителеп, Барыһы ла кире сигенһен! «Әһә, әһә!» – тиеп мине үсәгәндәр Оятҡа ҡалып, ҡоттары осһон! Һиндә шатлыҡ-ҡыуаныс тапһындар Барса Һиңә табан йүнәлгәндәр! Ҡотҡарыусы, Һине яратҡандар: Һәр саҡ: «Раббы бөйөк!» – тип әйтһендәр. Мин иһә бисара бер фәҡирмен, Эй бөйөк Хакимым, минең хаҡта ҡайғыртаһың. Ярҙамсым һәм ҡотҡарыусым Һинһең, Һуңлап ҡуйма инде, эй Аллам! Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе. Ниндәй бәхетле фәҡир хаҡында ҡайғыртҡандар! Раббы уны бәлә килгәндә ҡотҡарып ҡалыр. Раббы уны яҡлар, тормошон һаҡлар, Ул ерҙә бәхетле ғүмер итер, Раббы дошмандарының ҡулына бирмәҫ. Ауырып түшәккә йығылғанда, Раббы уға терәк булыр, Һауыҡтырып, аяҡҡа баҫтырыр. Әйттем: «Йә Раббы, шәфҡәтле бул миңә, Һиңә гонаһ ҡылдым, йәнемә шифа бир». Дошмандарым яманлыҡ теләйҙәр: «Ҡасан дөмөгөр, исеме ҡасан юҡҡа сығыр?» – тиҙәр. Мине күрергә килгәндәр ялған һөйләй, Эсенә боҙоҡлоҡ йыйып ултыра ла Тышҡа сығыу менән ғәйбәт һата. Мине күрә алмағандар бышылдаша, Ҡаршы яманлыҡ уйлайҙар. «Ул үлемесле ауырыуға дусар булды, Түшәгенән башҡа тора алмаҫ», – тиҙәр. Хатта икмәгемде ашаған, ышанған дуҫым Миңә ҡаршы баш күтәрҙе. Ә Һин, Раббым, ҡыҙғанып, мине аяҡҡа баҫтыр. Мин быларға әжерҙәрен ҡайтарайым. Әгәр ҙә дошманым өҫтөн сығып тантана итмәһә, Мине хуш күреүеңде аңлармын. Ихлас булғаным өсөн мине һаҡларһың, Мәңгегә хозурыңда тоторһоң. Мәңгелектән мәңгелеккәсә мөбәрәк Исраилдың Аллаһы Раббы! Амин, амин! Йырсылар етәксеһенә: Ҡорах улдарының уйланыуҙары. Ағын һыуҙарға ашҡынған болан һымаҡ, Күңелем Һиңә ашҡына, Аллам! Аллаға, тере Аллаға сарсаған йәнем; Ҡасан барырмын, хозурыңда булырмын, Аллам? «Ҡайҙа һуң һинең Аллаң?» – тип һәр көн мине йөҙәткәндә, Күҙ йәшем ризығым булды иртә-кисен. Йөрәк һыҙлай, иҫкә төшкән һайын, Күмәк халыҡ араһында килгәндәрем; Шатлыҡ ауаздары менән маҡтау йырлап Тантана иткән халыҡтың ташҡынында Алла ҡорамына атлап ингәндәрем. Ниңә өҙөләһең, йәнем, көйөнәһең? Һин өмөтөңдө бағла Аллаға! Мин тағы ла рәхмәттәр уҡырмын Уға, Мине күреп торған һәм ҡотҡарасаҡ Аллама! Күңелем төшөнкө, шуға, Аллам, Иордан һәм Хермон ерҙәрендә, Мисар тауында Һине мин иҫкә алам. Шарлауыҡтарҙың шаулауы аша Даръялар өндәшә даръяларға. Һинең бөтә тулҡындарың, ташҡындарың Үтеп китте минең өҫтән. Көндөҙ Раббы Үҙенең тоғро мөхәббәтен күндерер, Төндә иһә мин йырлармын Уға, Доға ҡылырмын тормошом Аллаһына. Таянысым – Аллама әйтермен: «Ни өсөн мине оноттоң? Ниңә дошмандарымдан иҙелеп Йөрөйөм ҡайғы-хәсрәткә батып?» «Ҡайҙа Аллаң?» – тип дошмандарымдың Көн оҙоно мыҫҡыл итеүҙәре Елегемә төштө минең. Ниңә өҙөләһең, йәнем, көйөнәһең? Һин өмөтөңдө бағла Аллаға! Мин тағы ла рәхмәттәр уҡырмын Уға, Мине күреп торған һәм ҡотҡарасаҡ Аллама! Эй Алла, хөкөм ҡыл, хаҡлы сығар Был иманһыҙ ҡәүемгә ҡаршы дәғүәмдә. Мәкерле, боҙоҡ бәндәләрҙең ҡулынан ҡотҡар, Сөнки Һин минең ҡәлғәмһең, Аллам; Ниңә һуң мине ситкә тибәрҙең? Ни өсөн дошмандарымдың иҙеүенән Иңрәп ҡайғы-хәсрәткә баттым? Күндер миңә нурыңды, хәҡиҡәтеңде, Улар мине әйҙәп барһын, Һинең мөҡәддәс тауыңа, торлағыңа алып килһен. Унда мин Алланың ҡорбан усағына, Илаһыма – һөйөнөсөм, йыуанысыма – килермен; Арфала уйнап Һине данлармын, Эй Алла, Илаһым минең. Ниңә өҙөләһең, йәнем, көйөнәһең? Һин өмөтөңдө бағла Аллаға! Мин тағы ла рәхмәттәр уҡырмын Уға, Мине күреп торған һәм ҡотҡарасаҡ Аллама! Йырсылар етәксеһенә: Ҡорах улдарының уйланыуҙары. Эй Алла, үҙ ҡолағыбыҙ менән ишеттек беҙ, Ата-бабаларыбыҙ бәйән итте Улар дәүерендә, әүәл замандарҙа Һин эшләгән бөтә ғәмәлдәрҙе. Үҙ ҡулдарың менән ҡәүемдәрҙе ҡыуҙың, Унда ата-бабаларыбыҙҙы төпләндерҙең; Халыҡтарҙы ҡырҙың, Аталарыбыҙҙы сәскә аттырҙың. Улар ҡылыстары менән түгел, Һинең ҡеүәтең менән был ерҙе яулап алды. Үҙ ҡулдары түгел, Һинең уң ҡулың Уларға еңеү килтерҙе. Уларға йөҙөңдөң нурын сәстең, Сөнки уларҙы яраттың. Эй Аллам, Һин минең батшам, Бойороҡ бир, Яҡуп заты еңеү ҡаҙанһын! Һинең менән бергә дошмандарҙы һөҙөрбөҙ, Ҡаршыларҙы исемең менән тапап ташларбыҙ. Сөнки уҡ-һаҙағыма мин ышанмайым, Ҡылысым да мине ҡотҡара алмаҫ. Был Һин – беҙҙе дошмандарҙан азат ҡылған, Беҙгә асыу тотҡандарҙы хур иткән. Беҙ көнө буйы Аллабыҙ менән маҡтанабыҙ, Исемеңә мәңге дан йырлайбыҙ. Тик әле Һин беҙҙе ситкә типтең, түбәнһеттең; Ғәскәрҙәребеҙ менән яуға сыҡмайһың. Дошмандарыбыҙ алдында сигендерҙең, Беҙҙе күрә алмағандар таланы. Беҙҙе һарыҡ һымаҡ тамаҡлаттың, Ҡәүемдәр араһына сәсеп тараттың. Һин Үҙ халҡыңды юҡ ҡына хаҡҡа һаттың; Уны һатып, ниндәй табыш алдың? Беҙҙе күршеләр мәсхәрәһенә ҡалдырҙың, Әйләнә-тирәбеҙҙә йәшәүселәрҙең Хурлау һәм мыҫҡыллауына дусар иттең. Халыҡтар араһында беҙҙе көлкөгә ҡалдырҙың, Ҡәүемдәр баш сайҡай беҙгә ҡарап. Хурлығым һәр ваҡыт күҙ алдымда, Йөҙөмдө оят ҡаплаған Мыҫҡыллау һәм ғәйбәт ишетеүҙән, Үс алырға теләгән дошмандан. Һине һис ҡасан онотмаһаҡ та, Килешеүеңә хыянат итмәһәк тә, Былар барыһы ла башыбыҙға төштө. Шулай ҙа күңелебеҙ Һинән ҡайтманы, Аяҡтарыбыҙ юлыңдан тайпылманы. Ә Һин беҙҙе иҙҙең, сүл бүреләре еренә ташланың, Дөм ҡараңғылыҡҡа олаҡтырҙың беҙҙе. Аллабыҙҙың исемен онотҡан булһаҡ, Ят илаһҡа ҡулыбыҙҙы һонһаҡ, Алла быны белмәҫ инеме ни? Уға мәғлүм йөрәктең бар сере. Һинең хаҡыңа һәр көн үлтереләбеҙ, Салыу һарығы һымаҡ булып ҡалғанбыҙ. Уян, нишләп Һин йоҡлайһың, бөйөк Хаким? Торһаңсы! Мәңгелеккә ваз кисмә беҙҙән! Нишләп Һин йөҙөңдө йәшерәһең? Ғазаптарыбыҙҙы, иҙелеүебеҙҙе онотаһың? Йәнебеҙ саң-туҙанға буталды, Тәнебеҙ тупраҡҡа һылашты. Ҡалҡ, ярҙам итһәнә беҙгә! Тоғро мөхәббәтең хаҡына йолоп ал! Йырсылар етәксеһенә: «Лилиә сәскәләре» көйөнә. Ҡорах улдарының уйланыуҙары. Ғишыҡ йыры. Күңелемдә таша күркәм һүҙҙәр, Шиғырымды бағышлайым батшаға, Маһир кәтип ҡәләмеләй булһын телем. Әҙәм балалары араһында иң гүзәл һин, Иренең – миһырбан инеше, Шулай Алла мәңгегә һине фатихалаған. Таҡ ҡылысыңды билеңә, батыр яугир! Дан-шөһрәтең, дәрт-дарманыңа төрөнөп, Атыңа менеп, еңеүгә табан сап. Тыйнаҡлыҡ менән хәҡиҡәт һәм ғәҙеллек хаҡына Уң ҡулың тетрәткес эштәр ҡылһын. Башаҡтары осло уҡтарыңдың. Дошмандарыңдың йөрәгенә ҡаҙалыр, Халыҡтар аяғың аҫтына йығылыр. Тәхетең, Алла тәхете һымаҡ, мәңгелек. Батшалыҡ таяғың – ғәҙеллек таяғы. Яратаһың дөрөҫлөктө, золомға нәфрәт тотаһың. Шуға күрә Алла, һинең Аллаң, Шатлыҡ майы менән һине мәсехләне, Дуҫтарыңдан һине өҫтөн ҡуйҙы. Кейемеңдән мирра, йөҙйәшәр, кассия еҫе аңҡый; Фил һөйәге менән биҙәлгән һарайыңда Ҡыллы уйын ҡоралдарының моңдары күңелеңде аса! Хөрмәтле ҡунаҡтарың араһында – батша ҡыҙҙары. Уң яғыңа баҫҡан батшабикәң, Зиннәттәре уның Офир алтынынан. Эй батша ҡыҙы, тыңла, ҡара, ҡолаҡ һал, Инде үҙ халҡыңды, атаң йортон онот. Һинең гүзәллегеңде теләп тоҡанһа батша, Ул – хакимың, ҡаршыһында башыңды эй. Тир ҡыҙы бүләктәр менән килер, Байҙар илтифатыңды ҡаҙанырға ынтылыр. Батша кәләше бар гүзәллегендә – үҙ бүлмәһендә, Кейемдәре алтын менән нағышланған. Сигеүле кейемдәрҙә уны батша янына оҙаталар, Тиңдәш ҡыҙҙары, әхирәттәре эйәргән. Ҡыуанышып, гөрләшеп киләләр, Батшаның һарайына алып инәләр. Ата-бабаң урынына улдарың булыр, эй батша; Уларҙы бөтә ер өҫтөнә хакимдар итеп ҡуйырһың. Исемеңде быуындан-быуынға йәшәтермен, Халыҡтар һине мәңге һәм мәңге данлар. Йырсылар етәксеһенә: «Ғаламоҫ» көйөнә. Ҡорах улдарының йыры. Алла – беҙҙең һыйыныр ышығыбыҙ һәм ҡеүәтебеҙ, Бәләгә ҡалғанда ярҙамсыбыҙ. Шуға күрә ҡурҡмайбыҙ ер тетрәһә лә, Тауҙар диңгеҙ ҡосағына ауғанда ла, Һыуҙары шаулап ташҡанда ла, Тулҡынынан тауҙар тетрәһә лә. Бер йылға бар: Һыуҙары ҡыуаныс алып килә Алла ҡалаһына, Юғарыларҙан Юғарының мөҡәддәс торлағына. Алла – ул ҡаланың уртаһында, Шуға күрә лә ҡоламаҫ ҡала. Таң тыуыуға Алла уға ярҙам итер. Ҡәүемдәр шаулашыр, батшалыҡтар тетрәнер, Алла тауышын яңғыратыр ҙа ер иреп киткәндәй булыр. Күк ғәскәрҙәре Раббыһы беҙҙең менән, Яҡуп Аллаһы – беҙҙең ҡәлғәбеҙ. Килегеҙ, күрегеҙ Раббының эштәрен, Ерҙе бушлыҡҡа әйләндергәнен. Ерҙең һәр тарафында һуғыштарға сик ҡуя, Уҡ-йәйәләрҙе, һөңгөләрҙе һындырып ташлай. Яу арбаларын утҡа яға. «Тынысланығыҙ! Белегеҙ, Мин – Алла! Бар ҡәүемдәр өҫтөндә торормон, Ер йөҙөндә юғары булырмын!» Күк ғәскәрҙәре Раббыһы беҙҙең менән, Яҡуп Аллаһы – беҙҙең ҡәлғәбеҙ. Йырсылар етәксеһенә: Ҡорах улдарының мәҙхиәһе. Эй барса халыҡтар, ҡул сабығыҙ! Шат ауаздар менән Алланы данлағыҙ! Сөнки дәһшәтле Юғарыларҙан Юғары Раббы – Бөтә донъяның бөйөк Батшаһы; Халыҡтарҙы беҙгә буйһондорҙо, Ҡәүемдәрҙе аяҡ аҫтыбыҙға һалды. Был ерҙе – яратҡан Яҡубының ғорурлығын – Ул беҙгә биләмәгә һайланы. Алла шатлыҡ ауаздары, Раббы борғо тауышы аҫтында ҡалҡты. Маҡтау йырлағыҙ Аллаға, йырлағыҙ; Батшабыҙға маҡтау йырлағыҙ! Алла – бөтә донъяның батшаһы, Уға бағышлап гүзәл йырҙар йырлағыҙ! Алла ултыра мөҡәддәс тәхетендә, Ул батшалыҡ итә бөтә милләттәргә. Халыҡтарҙың башлыҡтары йыйылған Ибраһим Аллаһының халҡы янына; Сөнки ер йөҙөндәге хакимдар – Алланыҡы. Алла бар нәмәнән юғарыраҡ! Йыр. Ҡорах улдарының мәҙхиәһе. Раббы бөйөк! Аллабыҙ ҡалаһында, Үҙенең мөҡәддәс тауында Ул оло маҡтауға лайыҡ! Гүзәл Сион тауы Сафон түбәләре һымаҡ; Ул бөтә донъяның шатлығы, Бөйөк батшаның ҡалаһы. Уның нығытмаларында Алла Үҙен Ышаныслы һаҡлаусы итеп танытты. Батшалар бер ергә йыйылдылар, Ҡалаға һөжүм итеү өсөн килделәр. Әммә күргәндәренә хайран ҡалдылар, Ҡурҡыуға төшөп ҡастылар. Тулғаҡ ғазабы тотҡан ҡатындай, Дәһшәт эсенә төштөләр. Көнсығыштан көслө елдәр иҫеп, Таршиш караптарын емергәндәй, Һин уларҙы ҡырып ташланың. Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ҡалаһында, Аллабыҙҙың ҡалаһында, Нимәне ишеткән булһаҡ, шуны күрҙек, Раббы уны мәңгелеккә һалған. Эй Алла, мөҡәддәс ҡорамыңда Һинең тоғро мөхәббәтең хаҡында уйлайбыҙ. Исемең кеүек, эй Алла, Һинең даның Ерҙең һәр тарафына таралһын. Хаҡлыҡ менән тулы Һинең уң ҡулың. Һинең хаҡ хөкөмдәреңә Сион тауы ҡыуанһын, Йәһүҙә ҡалалары шатланһын! Сионды тирәләй әйләнеп сығығыҙ, Манараларын һанағыҙ, Диуарҙарына иғтибар йүнәлтегеҙ, Ҡәлғәләренә диҡҡәт бирегеҙ! Быларҙы күреп, киләсәк быуындарға һөйләрһегеҙ: «Ошо Алла – мәңгегә беҙҙең Аллабыҙ, Ғүмер баҡый беҙҙең юлбашсыбыҙ!» Йырсылар етәксеһенә: Ҡорах улдарының мәҙхиәһе. Ишетегеҙ быны бар халыҡтар! Тыңлағыҙ, донъяла йәшәүселәр: Затлылар ҙа, ябайҙар ҙа, Байҙар менән ярлылар ҙа! Ауыҙымдан ағылыр хикмәтле һүҙҙәр; Аңлау бирер күңелемдәге фекерҙәр. Ҡолағымды хикмәткә борормон, Лира уйнап йомаҡ серен асырмын. Ниңә ҡурҡырға миңә яман көндәрҙә, Мәкерлеләрҙең яуыз эштәре мине уратып алғанда? Улар мал-мөлкәттәренә өмөтләнә, Бөткөһөҙ байлығына маҡтана. Кеше яҡынының ғүмерен йолом түләп ҡотҡара алмаҫ, Һис кем Аллаға ғүмер өсөн етерлек түләй алмаҫ. Күрәбеҙ бит: аңһыҙ менән алйот һымаҡ, Аҡыл эйәһе лә мәрхүм була. Йыйған малы башҡаларға тороп ҡала. Ерҙәренә үҙҙәренең исемдәрен ҡушһалар ҙа, Ҡәберҙәре – улар өсөн мәңгелек йорт, Быуындан-быуынға улар шунда ҡалыр. Ни тиклем генә хөрмәтле булғанда ла Кеше ғүмере мәңгелек түгел, Ул да хайуандар һымаҡ үлемле. Күр, ахмаҡтарса үҙенә ышанғандар яҙмышы Һәм уларҙың һүҙҙәрен хуплағандарҙың тәҡдире шул. Улар һарыҡ һымаҡ үлеләр донъяһына ҡыуылыр; Үлем уларға көтөүсе булыр. Ҡупшы йорттарынан алыҫта – Ҡәберҙә тәндәре сереп ҡалыр. Иртәгәһен намыҫлылар уларҙың өҫтөнән тапап йөрөр. Әммә Алла мине йолоп алыр, Үлеләр донъяһы хакимлығынан ҡотҡарыр. Ҡыҙыҡма берәйһе байып китһә, Йортоноң даны артҡандан-артһа. Үлгәс, бер нәмә лә алып китә алмаҫ, Шөһрәте ҡәбергә артынан эйәреп төшмәҫ. Иҫән саҡта үҙен бәхетлегә һанаһа ла, Уңыш ҡаҙанған, тип маҡталһа ла, Ул барыбер яҡтылыҡтан мәңге мәхрүм Ата-бабаларының янына күсер. Байлығы була тороп, аҡылы булмағандар Үлемле хайуанға оҡшаш. Асафтың мәҙхиәһе. Аллаларҙың Аллаһы Раббы һүҙ башлай; Ҡояш сығышынан байышына саҡлы Тотош Ер йөҙөнә ауаз һала. Күркәмлектең үрнәге булған Сиондан Алла Үҙенең нурҙарын сәсә. Аллабыҙ килә. Ул өнһөҙ ҡалмаҫ, Алдында ялмап йотор ялҡын бар, Әйләнәһендә уйнай дәһшәтле дауыл. Халҡын хөкөм итер өсөн Бейек күк менән ергә өндәшә: «Хозурыма тоғроларымды, Ҡорбан салып, Минең менән Килешеү төҙөгәндәрҙе йыйып килтерегеҙ!» Күктәр Уның ғәҙеллеген бәйән итер, Сөнки хөкөм сығарыусы – Алла Үҙе. «Тыңла, халҡым, Мин һөйләйем! Һиңә ҡаршы шаһитлыҡ ҡылам, Исраил. Мин Алламын, һинең Аллаң! Ҡорбандарың өсөн асыуым юҡ, Яндырған ҡорбандарың һәр саҡ алдымда. Ҡураңдан бер баш үгеҙ, Аҙбарыңдан бер кәзә тәкәһе лә алмайым. Сөнки Минеке урмандағы бар йәнлек, Меңәрләгән тауҙарҙағы бөтә хайуан. Тауҙарҙағы бар ҡоштарҙы танып беләм, Ҡырҙағы йән эйәләре – Минең ҡарамаҡта. Асыҡһам да Мин һинән һорамаҫ инем, Сөнки донъяға һәм ундағы бөтә нәмәгә Мин хужа. Мине үгеҙ ите ашап, кәзә ҡаны эсәлер тиһеңме? Һин Аллаға шөкөр ҡорбаны бир, Юғарыларҙан Юғарыға әйткән нәҙерҙәреңде үтә. Хәсрәтле көнөңдә Мине саҡыр, Ҡотҡарырмын, шунда һин Мине данларһың». Ә залимдарға Алла былай ти: «Минең ҡағиҙәләрҙе һөйләп йөрөргә, Килешеүемде телгә алырға хаҡың бармы? Һин бит нәсихәтемде күрә алмайһың, Әйткәндәремде һанға һуҡмайһың. Бур осраһа, дуҫлашаһың, Зинасыларға юлдаш булаһың. Ауыҙың тулы яманлыҡ, Телеңдән туҡтауһыҙ түгелә алдаҡ. Ултыраһың да туғаныңа ҡаршы һөйләйһең, Әсәйеңдең улына ҡара яғаһың. Ошоларҙы эшләгәнеңдә Мин өндәшмәнем, Һәм һин Мине үҙең һымаҡ тип уйланың. Инде Мин һине фашлайым, Ғәйебеңде күҙеңә ҡарап әйтәм. Эй Алланы онотҡандар! Аңлағыҙ ошоларҙың барыһын. Юҡһа һеҙҙе йолҡҡолап ташлармын, Ҡотҡарып ҡалыусы булмаҫ. Кем шөкөр ҡорбаны бирә, Мине хөрмәт итеүсе шул; Кем тоғро юлда, Мин шуның ҡотҡарыусыһы булырмын». Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе. Дауыт Баҫ-Шевағ менән булғандан һуң, уға пәйғәмбәр Наҫан килеп киткәс. Мөхәббәтең хаҡына, эй Алла, ҡыҙған мине, Сикһеҙ рәхим-шәфҡәтеңә күрә яҙыҡ эштәремде юйып ташла. Ғәйебемде ныҡлап йыуып ағарт, Гонаһымдан мине, зинһар, таҙарт. Мин үҙемдең боҙоҡ эштәремде беләм, Гонаһтарым күҙем алдымда гелән. Һинең алда, бары Һинең алда гонаһ ҡылдым, Һинең күҙеңдә яуызлыҡ булғанды эшләнем. Ғәйепләү һүҙҙәрең хаҡлы, Хөкөмөңдә Һин ғәҙелһең. Мин тыуғандан алып ғәйеплемен, Әсәм ҡарынынан гонаһлымын. Һин иһә йөрәктең тоғролоғон теләйһең, Булмышымды зирәклеккә өйрәт. Мине майағас менән пакла, таҙа булайым; Мине йыу, ҡарҙан да аҡ булайым. Ишеттер шатлыҡ-ҡыуаныс ауаздарын, Һин иҙгән һөйәктәрем рәхәтлек тойһон. Йөҙөңдө ситкә бор, гонаһтарымды күрмә; Барса ғәйебемде юйып ташла. Эй Алла, булдыр миндә саф йөрәк, Булмышымда ҡаҡшамаҫлыҡ рух яңырт. Мине алдыңдан ситкә тибәрмә, Үҙеңдең изге Рухыңдан мәхрүм итмә. Ҡотҡарыуыңдың шатлығын миңә ҡайтар, Һине тыңларға ашҡынып торған рух биреп, Миңә таяныс бул. Шунан мин боҙоҡтарға юлыңды өйрәтермен, Гонаһлылар Һиңә кире ҡайтыр. Ҡотҡар мине ҡан түгеүҙән, эй Алла, Һәм телем ғәҙеллегеңде данлар, Эй мине ҡотҡарыусы Алла! Эй бөйөк Хаким, ауыҙымды ас, Телем Һиңә маҡтау һүҙҙәре һөйләр. Ҡорбан салыр инем – теләмәйһең, Тотош яндырыу ҡорбандарын хушһынмайһың. Алла ҡабул итә торған ҡорбан – һынған рух ул, Ярылған һәм селпәрәмә килгән йөрәкте кире ҡаҡмаҫһың, эй Алла! Мәрхәмәтле бул, Сионға яҡшылыҡ ҡыл; Йәрүсәлим диуарҙарын торғоҙ. Шул саҡ дөрөҫ килтерелгән ҡорбандарҙан, Тотош яндырыу һәм яндырыу ҡорбандарынан хушланырһың. Шул саҡ ҡорбан усағыңда үгеҙҙәр ҡорбан ителер. Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың уйланыуҙары. Эдом кешеһе Доег Шаулға барып: «Дауыт Ахимәләхтең өйөндә», – тип хәбәр биргәндән һуң сығарылған. Эй ҡаһарман! Нимә яуызлығың менән маҡтанаһың? Алланың тоғро мөхәббәте һәр даим минең менән. Эй мәкерле, телең һинең һәләкәт ниәтләй, Ул үткер бысаҡҡа оҡшаш. Яҡшылыҡтан яманлыҡты, Хаҡ һүҙҙән ялғанды нығыраҡ яратаһың. Мәкерле тел! Йәрәхәтләй торған һүҙҙәрҙе һин хуп күрәһең. Әммә Алла һине тулыһынса ҡыра һуғыр, Сатырыңдан сығарып ырғытыр, Тамырыңдан йолҡоп ташлар тереләр донъяһынан. Тәҡүәләр быны күреп ҡурҡыуға ҡалыр, Улар, һинән көлөп, былай тиер: «Бына был әҙәм Аллаға һыйынманы, Байлығының күплегенә өмөтләнде; Башҡаларға яуызлыҡ ҡылып көсәйҙе». Ә мин Алланың йортонда – Йәшәреп үҫкән зәйтүн һымаҡмын. Ғүмерем буйы Алланың Тоғро мөхәббәтенә ышанам. Ҡылған ғәмәлдәрең өсөн Һиңә мәңге рәхмәт яуҙырырмын, Тоғроларың алдында исемеңә өмөт бағлармын, Сөнки Һин – игелек сығанағы. Йырсылар етәксеһенә: «Махалаҫ» көйөнә. Дауыттың уйланыуҙары. Ахмаҡ эсенән генә уйлай: «Алла юҡ!» Кеше боҙолдо, әшәкелеге алдан йөрөй. Яҡшылыҡ ҡылыусы бер кем дә юҡ. Алла күктән әҙәм балаларына күҙ һала: Аңлылар, Алланы эҙләгәндәр бармы? Барыһы ла юлдан тайпылған, берҙәй боҙолған; Яҡшылыҡ ҡылған әҙәм юҡ, Исмаһам, берәү ҡалмаған! Яуызлыҡ ҡылыусылар – Халҡымды икмәк урынына ашағандар, Алланы саҡырмағандар – Бер ни ҙә аңламаймы ни? Тик улар ҡурҡмаҫ ерҙә оло дәһшәткә төшәсәк әле, Сөнки Раббы һиңә һөжүм иткәндәрҙең Һөйәктәрен туҙҙырып ташлар. Уларҙы оятҡа ҡалдырырһың, Сөнки Алла уларҙы ситкә тибәсәк. Сиондан Исраилға ҡотолоу килһә ине! Алла Үҙ халҡына муллыҡ-именлек ҡайтарғас, Яҡуп нәҫеле шатлыҡ кисерер, Исраил халҡы ҡыуаныр! Йырсылар етәксеһенә: Ҡыллы уйын ҡоралдарында. Дауыттың уйланыуҙары Зиф кешеләре килеп Шаулға: «Дауыт беҙҙең яҡтарҙа ҡасып ята», – тип әйткәндән һуң сығарылған. Эй Алла, исемең хаҡына мине ҡотҡар, Ҡөҙрәтең менән мине хаҡҡа сығар! Эй Алла, доғамды тыңлаһана, Ҡолаҡ һал ауыҙымдан сыҡҡан һүҙҙәргә. Юҡһа яттар миңә ҡаршы ҡалҡты, Аяуһыҙҙар мине үлтерергә теләй, Улар һанламай Алланы. Әммә Алла миңә ярҙам итер, Бөйөк Хаким йәнемә таяныс булыр. Дошмандарымдың яуызлыҡтары үҙҙәренең башына төшһөн, Тоғролоғоңдо күрһәт – Һин уларҙы юҡҡа сығар. Һиңә нәфел ҡорбандары килтерермен, Изге исемеңә шөкөраналар ҡылырмын, Раббы. Сөнки Һин – игелек сығанағы. Һин мине бөтә бәләләрҙән ҡотҡарҙың, Тантана менән ҡарайым дошмандарға. Йырсылар етәксеһенә: Ҡыллы уйын ҡоралдарында. Дауыттың уйланыуҙары. Эй Алла, доғамды ишет, Йәшенмәсе ялбарыуҙарымдан! Илтифат ит, яуап ҡайтар, зинһар. Хәсрәт сорнап алды, ҡайғыларға баттым Дошмандарҙың тауышынан, Залимдарҙың иҙеүенән. Сөнки мине ғазапҡа һалдылар, Ажарланып өҫтөмә ябырылдылар. Күкрәгемдә йөрәгем дерелдәй, Башыма үлем дәһшәте төштө. Ҡурҡыу һәм тетрәнеү биләп алды, Ҡотом осоп, ҡалтырауға ҡалдым. Шул саҡ үҙ-үҙемә әйттем: «Күгәрсендәй ҡанатлы булһамсы! Осор ҙа тынғылыҡ табыр инем; Алыҫ-алыҫтарға ҡасыр инем, Ҡырға барып оя ҡорор инем. Йәһәтерәк ышыҡланыр инем Был уҫал елдәрҙән, дауылдарҙан». Эй бөйөк Хаким, туҙҙыр уларҙы, Ҡуйышҡан һүҙҙәрен тарҡат, Сөнки мин ҡалала йәбер-золом, ыҙғыш күрәм. Улар көн-төн диуарҙар өҫтөндә йөрөй, Ә ҡала эсендә – яуызлыҡ һәм ҡаза. Ҡаланың уртаһында – һәләкәт, Майҙандарынан юғалмай иҙеү, мәкер. Әгәр мине дошман күргән мыҫҡыллаһа, түҙер инем. Күрә алмаған берәү кәмһетһә, ҡасып китә алыр инем. Әммә быны һин эшләнең – үҙем һымаҡ ишем, Ихлас иптәшем, серҙәш дуҫым. Һинең менән һөйләшеп һүҙебеҙ бөтмәҫ ине, Күмәкләшеп Алла йортона барыр инек… Дошмандарға көтмәгәндә үлем килһен, Улар тере килеш үлеләр донъяһына олаҡһын; Сөнки өйҙәре лә, булмышы ла золом тулы. Мин иһә Аллаға ялбарырмын, Раббы мине ҡотҡарыр. Кис, иртән һәм төш мәлендә ялынырмын, Инәлермен – Ул тауышымды ишетер. Һөжүм иткән дошмандарым, Ни тиклем күп булһалар ҙа, Уларҙан йәнемде йолоп алыр. Мәңгелектән, Үҙ тәхетендә ултырған Алла, Ишетер ҙә уларҙы йыуашландырыр. Сөнки улар үҙгәрергә теләмәйҙәр, Һис кенә лә Алланан ҡурҡыу белмәйҙәр. Юлдашым дуҫтарына ҡаршы ҡул күтәрҙе, Минең менән төҙөгән килешеүгә хыянат итте. Ауыҙынан бал-май тама, Тик күңелендә – дошманлыҡ. Һүҙҙәре зәйтүн майынан йомшаҡ, Ә асылда – яланғас ҡылыстыр. Ҡайғы йөгөңдө Раббыға тапшыр, Ул һиңә таяныс булыр. Һис ҡасан да тоғро бәндәһенә йығылырға ирек бирмәҫ. Эй Алла, яуыздарҙы Һин Үлем соҡорона олаҡтырырһың. Ҡан эскес, мәкерле бәндәләр Ғүмерҙәренең уртаһына ла етмәҫ. Мин иһә Һиңә өмөт бағлайым. Йырсылар етәксеһенә: «Алыҫта ултырған өнһөҙ күгәрсен» көйөнә. Дауыттың шиғыры. Ғаҫ ҡалаһында пелештиҙәр уны тотҡас сығарылған. Рәхимле бул миңә, Алла! Кешеләр эҙәрләй мине, Дошмандарым көнө буйы иҙә. Көн оҙоно дошмандар эҙәрләй мине, Миңә күптәр һөжүм итә, эй Юғарыларҙан Юғары! Ҡурҡҡан сағымда Һиңә өмөт бағлайым. Алланың һүҙен данлайым, Уға өмөт бағлайым, Нимәнән ҡурҡырға миңә? Фани әҙәм миңә нимә ҡыла алһын? Һөйләгәндәремдең мәғәнәһен һәр саҡ боҙоп күрһәтәләр, Уйҙарында – нисек миңә зыян ҡылыу. Йыйылышып боҫалар ҙа баҫҡан аҙымымды күҙәтәләр, Йәнемде алырға ҡырсыналар. Енәйәттәре өсөн уларҙы язаһыҙ ҡалдырма! Эй Алла, асыуың менән халыҡтарҙы ергә бырға! Сит ерҙә сиккән ғазаптарымды һанағанһың, Күҙ йәштәремде турһығыңа йый! Улар Һинең китабыңа яҙылмағанмы ни? Мин Һине саҡырған саҡта дошмандарым артҡа сигә, Шунан беләм – Алла минең яҡлы. Алланың һүҙен данлайым; Раббының һүҙен данлайым! Өмөтөмдө Аллаға бағлайым, Нимәнән ҡурҡырға миңә? Фани әҙәм миңә нимә эшләй алһын? Эй Алла, әйткән нәҙерҙәремде үтәрмен, Шөкөр ҡорбандары килтерермен. Сөнки йәнемде үлемдән алып ҡалдың, Аяҡтарыма абынырға бирмәнең; Инде мин Алланың хозурында, Тормош нурында йөрөрмөн. Йырсылар етәксеһенә: «Һәләк итмә» көйөнә. Дауыттың шиғыры. Шаулдан ҡасып мәмерйәгә йәшенгән сағында сығарылған. Рәхимле бул, Алла, рәхимле бул! Минең йәнем Һиндә ышыҡ таба. Бәлә-ҡаза үтеп киткәнгәсә, Ҡанаттарың күләгәһендә мин урын алам. Юғарыларҙан Юғары Алланы, Миңә игелектәр ҡылған Алланы саҡырам. Күктән ярҙамын ебәреп, Ул мине ҡотҡарыр, Эҙәрләүселәрҙе рисуай итер. Миңә мөхәббәтен һәм тоғролоғон күндерер. Кеше ашаусы арыҫландар араһында мин – Һөңгө-уҡ һымаҡ уларҙың тештәре; Үткер ҡылыс кеүек телдәре. Йә Алла, асмандан да юғарыраҡ ҡалҡ, Шөһрәтең бар ер йөҙөн иңләһен! Аяҡтарыма улар ау ҡорҙо, Күңелем төшөнкөлөккә батты; Йөрөр юлымда соҡор ҡаҙҙылар, Эсенә үҙҙәре ҡоланылар. Эй Алла, күңелем тоғро Һиңә, Күңелем минең тоғро! Мин Һиңә көйләрмен, мәҙхиәләр йырлармын. Эй уян һин, рухым, уян! Уян, лирам, уян арфам, Таңғы шәфәҡте мин уятайым! Эй бөйөк Хаким, халыҡтар араһында Һиңә рәхмәттәр уҡырмын; Өммәттәр араһында Һиңә маҡтау йырлармын. Тоғро мөхәббәтең – күктәргә тиклем, Тоғролоғоң болоттарҙан аша. Йә Алла, асмандан да юғарыраҡ ҡалҡ, Шөһрәтең бар ер йөҙөн иңләһен! Йырсылар етәксеһенә: «Һәләк итмә» көйөнә. Дауыттың шиғыры. Эй хөкөмдарҙар, ғәҙелме һөйләгән һүҙҙәрегеҙ? Дөрөҫ хөкөм итәһегеҙме һеҙ кешеләрҙе? Юҡ! Күңелегеҙ тулы ғәҙелһеҙлек, Ҡулдарығыҙ ер йөҙөнә йәбер-золом сәсә. Яуыз бәндә әсә ҡарынынан алып аҙғын, Тыуғанынан алып юлдан яҙған, һөйләй ялған. Эй Аллам, ҡыр ауыҙҙарындағы тештәрен, Һындыр, Раббым, ул йәш арыҫландарҙың яңаҡ һөйәген! Ағып киткән һыу һымаҡ юҡҡа сыҡһындар. Йәйә киргәндә уҡтары урталай һынһын. Ҡабырсағында ирегән ҡусҡар һымаҡ булһындар. Үле тыуған бала кеүек ҡояш нуры күрмәһендәр. Улар усаҡҡа яғырға әҙерләнгән, Әле гөлтләп янып киткән, Ҡаҙанды йылытып та өлгөрмәйенсә Елгә осҡан сәнскәк һымаҡ булһын. Яуыздан үс алынғанға тәҡүә ҡыуаныр, Уларҙың ҡанында аяғын йыуыр. Шул ваҡыт кешеләр әйтер: «Ысынлап та, тәҡүә кеше өсөн әжере бар. Хаҡ, донъяға хөкөм ҡылған Алла бар!» Йырсылар етәксеһенә: «Һәләк итмә» көйөнә Дауыттың шиғыры. Шаул, Дауытты үлтертер өсөн кеше ебәреп, өйөн күҙәттергән саҡта сығарылған. Ҡотҡар мине дошмандарымдан, эй Аллам, Миңә һөжүм иткәндәрҙән һаҡла. Азат ит мине яуызлыҡ ҡылғандарҙан, Ҡан түгеүселәрҙең ҡулынан йолоп ал. Ҡара, йәнемде алыр өсөн аңдыйҙар, Көслөләр миңә ҡаршы фетнә ҡоралар, Гәрсә енәйәт һәм гонаһ ҡылмаһам да, эй Раббы! Бер ниндәй ғәйепкә ҡалмаһам да, Һөжүм итер өсөн йыйналалар. Уян, хәлемде күр, ярҙам ит! Раббы, Һин – Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, Исраилдың Аллаһы, уян Ҡәүемдәрҙең барыһына яза бирер өсөн! Һис ҡыҙғанма хыянатсыл залимдарҙы! Һәр кис һайын улар эт шикелле ырылдашып Ҡала буйлап темеҫкенеп йөрөй. Ана, күр, нимә ҡойола ауыҙҙарынан, Ҡылыс һымаҡ телдәре, үҙҙәре: «Кем ишетһен беҙҙе?» – тип уйлайҙар. Әммә Һин уларҙан көлөрһөң, йә Раббы, Барса ҡәүемдәрҙе мыҫҡылларһың. Эй миңә ҡеүәт биреүсе, Һинән күҙемде алмайым. Эй Алла, Һин – минең ҡәлғәм! Тоғро мөхәббәтең менән, Аллам, мине етәкләрһең! Дошмандарымдың тәҡдирен күрһәтерһең. Уларҙы үлтермә, юҡһа халҡым был һабаҡты онотасаҡ. Көсөң менән уларҙы туҙҙыр, тар-мар ит. Эй бөйөк Хаким, Һин беҙҙең ҡалҡаныбыҙ. Гонаһлы телдәре арҡаһында, Ауыҙҙарынан сыҡҡан һүҙҙәргә күрә Тәкәбберлектәренең ауына эләкһендәр. Яуҙырған ҡарғыштарына күрә, Һөйләгән ялғандарына күрә Уларҙы асыуың менән юҡҡа сығар! Юҡҡа сығар, хатта эҙҙәре ҡалмаһын. Белһендәр, Алланың хакимлығы Яҡуп нәҫеленән алып Ер сигенә тиклем олғашҡанын. Һәр кис һайын улар эт шикелле ырылдашып, Ҡала буйлап темеҫкенеп йөрөй. Ашарға аҙыҡ эҙләйҙәр, Тапмаһалар, аслыҡтан олойҙар. Мин иһә Һинең ҡөҙрәтеңде йырлармын, Иртә таңдан мөхәббәтеңде данлармын. Сөнки Һин – миңә ҡәлғәм, Бәлә килгәндә һыйыныс булдың. Һин миңә ҡеүәт биреүсе! Һиңә мәҙхиә йырлармын, Эй Аллам, Һин минең ҡәлғәм, Тоғро мөхәббәтен күрһәтеүсе Аллам Һин! Йырсылар етәксеһенә: «Килешеү лилиәһе» көйөнә. Дауыттың шиғыры, нәсихәт өсөн. Дауыттың Арам-Наһараим һәм Арам-Сова кешеләре менән бәрелешкән һәм Йоавтың кире боролоп Тоҙло үҙәндә ун ике мең Эдом яугирен үлтереү уңайы менән сығарылған. Эй Алла, ташланың беҙҙе, тар-мар иттең, Беҙгә асыуландың! Инде беҙҙе элекке хәлебеҙгә кире ҡайтар! Ерҙе дер һелкеттең, ярғысланың; Ярыҡтарын бөтәштер, сөнки ул һаман сайҡала. Үҙ халҡыңды ҡаты һынауҙарға дусар иттең, Илерткес шарап эсерҙең беҙгә. Үҙеңдән ҡурҡҡандар осҡан уҡтарҙан Йәшенеп ҡалһындар тиеп, Ишара өсөн байрағыңды күтәрҙең. Һөйөклөләрең ҡотолһон тиһәң, Уң ҡулың менән йолоп ал беҙҙе, Беҙгә яуап ҡайтар! Алла Үҙенең мөҡәддәс торлағында былай тине: «Тантана менән Шәхәмде бүлгеләрмен, Суккоҫ үҙәнен үлсәрмен. Ғилғәд – Минеке, Менашше ла Минеке, Әфраим – башыма кейгән тимер торҡам, Йәһүҙә – хакимлыҡ таяғым, Моав – йыуыныр ялғашым, Эдомға ҡатамды ырғытырмын, Пелешеҫ ерендә еңеү ораным яңғырар». Кем мине нығытмалы ҡалаға алып инер? Кем миңә Эдомға тиклем юл күрһәтер? Эй Алла, Һин Үҙең беҙҙе ташламаныңмы ни? Ғәскәрҙәребеҙ башында яу сапмайһың. Дошманды еңергә ярҙам итсе беҙгә, Кешенең ярҙамынан файҙа юҡ. Алла менән ҡеүәтебеҙ артыр, Ул дошмандарыбыҙҙы тапап ташлар. Йырсылар етәксеһенә: Ҡыллы уйын ҡоралдары оҙатыуында. Дауыттың мәҙхиәһе. Эй Алла, ялбарыуымды ишет, Доғама минең ҡолаҡ һал! Төшөнкөлөк күңелемде алды, Ер сигенән саҡырамын Һине. Артыла алмаҫлыҡ ҡаяға алып мен мине, Сөнки Һин – минең ышығым, Дошманға ҡаршы ҡеүәтле манарамһың. Сатырыңда мәңге йәшәйемсе, Ҡанатың аҫтына һыйынайым. Һин, эй Алла, нәҙерҙәремде ишеттең, Исемеңдән ҡурҡҡандарға тәғәйен өлөштө миңә бирҙең. Батшаның ғүмеренә Һин көндәр өҫтә, Тормошо быуындан-быуынға дауам итһен! Алла хозурында мәңге тәхеттә ултырһын; Уны мөхәббәтең менән тоғролоғоң һаҡлаһын! Мин иһә исемеңә мәңгелек дан йырлармын, Көндән көнгә нәҙерҙәремде үтәрмен. Йырсылар етәксеһенә: Йедуҫундың көйөнә. Дауыттың мәҙхиәһе. Йәнемдең тыныслығы бары Аллала, Миңә ҡотолоу тик Унан килер. Тик Ул – минең ҡаям, ҡотҡарыусым, ҡәлғәм. Һәм мин бер ваҡытта ла сайҡалмам. Кеше диуар һымаҡ ауышҡанда, Ҡойма һымаҡ ҡыйшайғанда, Уға ҡанығыуығыҙ ҡасанға тиклем булыр? Уны юғарынан ҡолатырға уйлайһығыҙ, Ялғандан тәм табаһығыҙ; Телегеҙҙә фатиха булһа ла, Эсегеҙҙән ҡарғыш яуҙыраһығыҙ. Йәнемдең тыныслығы бары Аллала, Сөнки өмөтөм тик Унда ғына. Бары тик Ул ғына ҡаям, ҡотҡарыусым, Ул минең ҡәлғәм һәм мин сайҡалмам. Ҡотолоуым да, даным да тик Аллала, Минең ышығым Ул, ҡеүәтле ҡаям. Эй халыҡ, һәр ваҡыт Уға өмөт бағла, Уға бушат эс-бауырыңдағын, Сөнки Алла беҙҙең ышығыбыҙ. Әҙәм балалары – тик бер һулыш, Кеше балалары – тик уйҙырма. Барыһын бергә үлсәүгә һалһаң, Улар тындан да еңелерәк тартыр. Һис ҡасан юлбаҫарлыҡҡа ышанмағыҙ, Талап алған малығыҙға маҡтанмағыҙ; Байлығығыҙ артһа ла, уға арҡаланмағыҙ. Алла бер тапҡыр һөйләне, Мин ике тапҡыр ишеттем: Ҡеүәт – Алланан! Эй бөйөк Хаким, тоғро мөхәббәт Һинән! Һин һәр кемгә ғәмәленә күрә әжерен бирәһең! Дауыттың мәҙхиәһе. Йәһүҙә сүлендә булғанда сығарылған. Эй Илаһым, Аллам минең, ынтыламын Һиңә, Йәнем түҙгеһеҙ Һиңә сарсаған, Ярғысланған ҡоро, һыуһыҙ ерҙә Мин Һиңә сарсайым бар булмышым менән. Мөҡәддәс торлаҡта төбәлдем Һиңә – Ҡөҙрәтеңде, шөһрәтеңде күрҙем. Тоғро мөхәббәтең йәшәүҙән ҡәҙерлерәк, Телем һине ҙурлауҙан туҡтамаҫ. Ғүмерем буйы Һиңә шөкөр ҡылырмын, Исемең менән ялбарып, күккә ҡулымды һонормон. Затлы ризыҡ татығандай була йәнем, Һине ҡыуана-ҡыуана данлай телем. Түшәгемдә ятҡанда ла онотмайым, Төндәр буйына Һине уйлап сығам, Сөнки Һин – минең яҡлаусым, Ҡанаттарың ышығында һөйөнөс менән көйләйем. Минең күңелем Һиңә яғыла, Һинең уң ҡулың мине ныҡ тота. Ә минең йәнемде көҫәгәндәр Ер тәрәнлегенә төшөп юҡ булһындар! Йәндәре ҡылысҡа юлыҡһын, Сүл бүреләренә ем булһындар. Батша иһә Аллала ҡыуаныс табыр, Алла менән ант иткәндәр Уны данға күмер, Ялғансыларҙың өнө тығылыр. Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе. Йә Алла, ялбарыу ауазымды ишет; Дошмандар дәһшәтенән йәнемде һаҡла! Йәшер мине залимдарҙың этлегенән, Яуыз бәндәләрҙең мәкеренән. Улар телдәрен ҡылыстай үткерләйҙәр, Ағыулы һүҙҙәрен уҡ һымаҡ сәпкә төҙәйҙәр. Ғәйепһеҙ кешегә боҫҡон ҡорған ерҙәренән Көтмәгәндә атырҙар – ҡурҡып тормаҫтар. Бер-береһен яуызлыҡҡа ҡоторталар, Йәшерен тоҙаҡ ҡорорға һүҙ ҡуялар, «Уны кем күрһен?» – тип һөйләшәләр. Баштарында уларҙың – яуызлыҡ ҡылыу, «Бик шәп хәйлә уйлап таптыҡ!» – тиҙәр. Ысынлап та, кеше күңелендә нимә ята – Быны һис белерлек түгел. Әммә Алла уларға Үҙенең уғын атыр, Ҡапыл ғына яраланасаҡтар. Үҙ телдәре үҙҙәрен йығып һаласаҡ, Быны күргәндәр ҡалтырап китер. Бөтә кеше ҡурҡыуға төшәсәк, Алланың ғәмәлдәрен бәйән итәсәк, Уның эштәренең асылына төшөнәсәк. Тәҡүә Раббыла ҡыуаныс табыр, Уға һыйыныр, Бөтә саф йөрәклеләр тантана итер. Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе. Йыр. Эй Алла, Сионда яңғыраған маҡтау – Һиңә; Һиңә әйтелгән нәҙерҙәр үтәләсәк. Һин доғаларҙы ишетәһең, Бөтә кеше хозурыңа килер. Мин гонаһҡа баттым, Әммә Һин беҙҙе ғәйептәребеҙҙән пакларһың. Ниндәй бәхетле Һин һайлап алып, Үҙеңә яҡынайтҡан, Өйөңдөң ишек алдында йәшәткән кеше! Йортоңдоң, мөҡәддәс ҡорамыңдың, Ниғмәттәрен беҙгә насип итһәң ине! Эй Алла, беҙҙең ҡотҡарыусыбыҙ! Тетрәткес ғәмәлдәр ҡылып, Һин ғәҙеллек менән яуапларһың беҙгә. Ер йөҙөнөң барлыҡ тарафының, Алыҫ диңгеҙ аръяғындағы илдәрҙең өмөтөһөң! Ҡөҙрәт менән билен быуған, Көсө менән тауҙар ҡорған; Диңгеҙҙәр ҡоторонғанын, Тулҡындарҙың шаулағанын, Халыҡтарҙың ғауғаларын Баҫылдырған Һинһең. Ер йөҙөнөң сиктәрендә йәшәгәндәр, Илаһи билдәләреңде күреп, ҡурҡыуға ҡалыр. Көнсығыштан көнбайышҡа тиклем бар кешеләр Һиңә ҡыуаныслы йырҙар йырлар. Һин тупраҡты хәстәрләйһең, Уның сарсауын баҫаһың, бәрәкәтен арттыраһың. Эй Алла, йылғаларың һыу менән тулы, Кешеләргә иген үҫтерәһең, Сөнки Һин тупраҡты шулай әҙерләйһең: Бураҙналарҙы туйғансы һуғараһың, Араларын тырмап тигеҙләйһең. Ямғыр һыуҙары менән ерҙе йомшартып, Үҫентеләргә фатихаңды бирәһең. Һин мул уңыш менән йылды теүәлләйһең, Арбаларың үткән юлдан муллыҡ аға, Сүллектәге көтөүлектәр йәшелләнә, Ҡалҡыулыҡтар шатлыҡҡа сорнала, Болондар көтөүҙәр менән сыбарлана, Үҙәндәр иген менән ҡаплана, Һәр тарафта – шатлыҡ ауаздары, йырҙар. Йырсылар етәксеһенә: Йыр-мәҙхиә. Эй ер йөҙөндәге бар кешеләр, Ҡыуанышып Алланы маҡтағыҙ! Уның исемен данлап йырлағыҙ, Шөһрәтенә маҡтау яуҙырығыҙ! Аллаға былай тип әйтегеҙ: «Ни ҡәҙәр дәһшәтле ғәмәлдәрең! Һин шул тиклем ҡөҙрәтлеһең, Дошмандарың алдыңда бөгөлөп төшөр. Бөтә донъя Һиңә сәждә ҡылыр, Мәҙхиә уҡыр, Исемеңде маҡтап йырлар». Эй килегеҙ, Алланың ғәмәлдәрен күрегеҙ! Ниндәй дәһшәтле хикмәттәр ҡылды Әҙәм улдарының күҙ алдында: Диңгеҙҙе ҡороға әйләндерҙе, Йылғаны халыҡ йәйәүләп кисеп сыҡты. Уның ҡылғандарына ҡыуандыҡ шунда. Ҡөҙрәте менән мәңге хакимлыҡ итә, Күҙе менән ҡәүемдәрҙе байҡап тора: Фетнәселдәр Уға ҡаршы ҡалҡмаһындар! Эй халыҡтар, Аллабыҙға шөкөрана ҡылығыҙ, Маҡтау ауаздарығыҙ яңғырап торһон. Ул беҙҙең ғүмеребеҙҙе һаҡлай, Аяғыбыҙға тайып китергә бирмәй. Эй Илаһым, Һин беҙҙе тикшерҙең, Көмөштө таҙартҡан һымаҡ иретеп һынаның. Һин беҙҙе ауға төшөрҙөң, Иңебеҙгә ғазап һалдың. Һыбайлыларҙы башыбыҙ аша үткәрттең; Беҙҙе уттар, һыуҙар аша уҙғарҙың, Ахырҙа иркенгә алып сыҡтың. Ҡорамыңа тотош яндырыу ҡорбандары менән инермен, Әйткән нәҙерҙәремде үтәрмен – Бәлә килгәндә телемдән төшкән, Ауыҙымдан сыҡҡан нәҙерҙәрҙе. Һимеҙ малдарҙы тотош яндырыу ҡорбаны итермен, Һарыҡ тәкәләрен хуш еҫ ҡорбанына төтәҫләрмен, Һыйыр малы, кәзә тәкәләре килтерермен. Эй һеҙ, Алланан ҡурҡҡандар, килегеҙ, тыңлағыҙ, Уның миңә ниҙәр эшләгәнен һөйләп бирәм. Ауыҙым менән Уны саҡырҙым, Телем менән ҙурлап туйманым. Йөрәгемдә боҙоҡлоҡҡа урын бирһәм, Раббы мине ишетмәгән булыр ине. Ә Алла мине тыңланы, Доғам ауазына ҡолаҡ һалды. Рәхмәттәр яуһын Аллаға! Доғамды кире ҡаҡманы, Тоғро мөхәббәтенән мине мәхрүм итмәне. Йырсылар етәксеһенә: Ҡыллы уйын ҡоралдары оҙатыуында. Йыр-мәҙхиә. Алла беҙгә мәрхәмәтле булһын, фатиха бирһен; Беҙҙе йөҙөнөң нуры менән балҡытһын. Шул саҡ ер йөҙөндә юлың мәғлүм булыр, Бар халыҡтар араһында ҡотҡарыуың билдәле булыр. Эй Алла, халыҡтар Һиңә шөкөр итһен, Бөтә халыҡтар рәхмәт яуҙырһын! Ҡәүемдәр ҡыуанып күңел асһын, Сөнки Һин халыҡтарҙы ғәҙел хөкөм итәһең, Ер йөҙөндәге ҡәүемдәргә юл күрһәтәһең. Эй Алла, халыҡтар Һиңә шөкөр итһен, Бөтә халыҡтар рәхмәт яуҙырһын! Тупраҡ уңышын бирә; Алла, Аллабыҙ беҙгә бәрәкәт бирһен. Алла беҙгә фатихаһын бирһен, Әйҙә, ерҙең һәр тарафындағылар Унан ҡурҡып, Уны хөрмәт итеп торһон. Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе. Йыр. Ҡалҡһын Алла, таралһын дошмандары, Хозурынан ҡасһын Уға асыу тотҡандар! Яуыздарҙы төтөн һымаҡ тарат; Ут алдында ирегән балауыҙ һымаҡ Әйҙә улар Алла ҡаршыһында юҡ булһын! Ә тәҡүәләр ҡыуанһын, Байрам итһендәр Алланың хозурында, Шатланып күңел асһындар. Аллаға дан йырлағыҙ, исеменә мәҙхиәләр көйләгеҙ, Болоттар өҫтөндә гиҙеүсене ҙурлағыҙ. Уның исеме – Раббы, хозурында байрам итегеҙ! Мөҡәддәс торлағындағы Алла – Етемдәрҙең атаһы, тол ҡатындарҙың яҡлаусыһы. Алла яңғыҙаҡтарға йорт-ғаилә бирер, Тотҡондарҙы именлеккә алып сығыр, Фетнәселәр ҡоро сүлдә ҡала бирер. Эй Алла, Һин халҡың алдынан килгәндә, Сүллек аша уҙғаныңда. Ер сайҡалды, күктән ямғыр ҡойҙо Синай Аллаһының ҡаршыһында, Алла, Исраил Аллаһы хозурында. Мул ямғырыңды яуҙырҙың, Алла, Йәнләндерҙең талсыҡҡан биләмәңде. Халҡың унда төйәкләнде, Үҙеңдең игелегең арҡаһында Һин уны фәҡирҙәр өсөн әҙерләнең. Әмер бирҙе Раббы, Бер өйөр ҡатын һөйөнсө таратты: «Ҡаса, ҡаса батшалар! Ғәскәрҙәре менән ҡасалар!» Ҡатындар өйҙәрендә таланған мал бүлә: Ҡанаттары көмөш менән ҡапланған, Ҡаурыйҙары саф алтынға мансылған күгәрсен һындарын бүлешә. Ә һеҙ һарыҡ аҙбарҙары араһында ятаһығыҙ! Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе батшаларҙы туҙҙырғанда, Салмон тауы өҫтөнә ҡар яуҙы. Эй Алланың тауы, Башан тауы! Үркәстәре бейек Башан тауы! Ниңә әле һин үркәстәре бейек тау – Алла Үҙенә төйәк итеп һайлаған тауға – Көнсөллөк менән ҡарайһың? Хаҡтыр, Раббы унда мәңге йәшәйәсәк. Алланың яу арбалары бик күп, Меңәрләгән, һанһыҙ-хисапһыҙ. Раббы Хаким улар менән бергә Синайҙан мөҡәддәс торлағына килде. Раббы Алла, бейеклеккә күтәрелдең, Әсирҙәрҙе артыңдан эйәрттең. Һин барлыҡ кешеләрҙән, Хатта фетнәселәрҙән дә яһаҡ алдың. Хаҡтыр, Раббы унда йәшәй! Көндән көнгә йөгөбөҙҙө йөкмәп барған бөйөк Хакимыбыҙ, Ҡотҡарыусыбыҙ Алла мөбәрәк булһын! Беҙҙең Аллабыҙ – ҡотҡарыу алып килгән Алла. Үлемдән ҡотҡарыу бары Хакимыбыҙ Раббының ихтыярында. Алла дошмандарының башын, Гонаһ эсендә йәшәгәндәрҙең ялбыр башын яра һуғыр. Раббы Хаким былай тине: «Уларҙы Башандан кире килтерермен, Диңгеҙ төптәренән сығарырмын. Аяғыңды дошмандар ҡанына батырырһың, Эттәрең дә дошман ҡанын ялап өлөш алһын». Эй Аллам, Һинең килеүең, Аллам Батшамдың мөҡәддәс торлағына Тантаналы аяҡ баҫыуы күҙ алдыбыҙҙа: Алда йырсылар, артта көй уйнаусылар, Уртала дөңгөр ҡағыусы ҡыҙҙар килә. «Эй Исраил нәҫелдәре, йыйындарығыҙҙа Аллағыҙ Раббыға шөкөрана яуҙырығыҙ». Уларҙың башында – иң бәләкәй Бинйәмин ырыуы, Артынса күп һанлы Йәһүҙә башлыҡтары, Зевулун һәм Нафтали етәкселәре килә. Эй Алла, ҡөҙрәтеңде, Беҙҙең өсөн ҡулланған ҡеүәтеңде күрһәт. Йәрүсәлимдәге ҡорамың хаҡына Һиңә батшалар бүләктәр алып килер. Ҡамышлыҡ йыртҡысын – Мысырҙы, Үгеҙ һымаҡ ҡеүәтле сит халыҡтарҙы, Көмөш өсөн бер-береһен тапағандарҙы буйһондор, Һуғыш теләгән халыҡтарҙы пыран-заран килтер! Мысырҙан илселәр килер, Куш халҡы Аллаға табан ҡул һонор. Эй ер йөҙөндәге батшалыҡтар, Аллаға дан йырлағыҙ, Бөйөк Хакимыбыҙға мәҙхиәләр уҡығыҙ! Ул, күктәрҙе, боронғо күктәрҙе иңләп, Үҙенең ҡеүәтле тауышын яңғырата! Алланың ҡөҙрәтен танығыҙ; Уның ғиззәте Исраилдың өҫтөндә, Көсө болоттарҙан аша. Дәһшәтле Һин, Алла, Изге торлағыңда! Исраил Аллаһы Үҙ халҡына ҡөҙрәт, ҡеүәт бирә. Алла мөбәрәк булһын! Йырсылар етәксеһенә: «Лилиә сәскәләре» көйөнә. Дауыттың мәҙхиәһе. Эй Илаһым, ҡотҡар мине, Һыуҙар боғаҙыма етте. Төпһөҙ һаҙлыҡҡа убылам, Аяғымды терәр ер тапмайым. Тәрән һыуҙарға юлыҡтым, Ағын инде баштан ашты. Ҡысҡыра-ҡысҡыра хәлдән тайҙым, Тамағым ҡарлығып кипте, Алламдың ярҙамын көтә-көтә Күҙҙәремдең нуры бөттө. Һис бер юҡҡа мине күрә алмағандар Башымдағы сәс бөртөгөнән дә күбәйҙеләр. Сәбәпһеҙгә йәнемде көҫәгән дошмандар ифрат көсәйҙе. Ә мин урламаған нәмәне нисек ҡайтарып бирәйем? Эй Аллам, иҫәрлегемде Һин беләһең; Ғәйептәрем дә Һинән йәшерен түгел. Эй бөйөк Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Һиңә өмөт бағлағандар Минең арҡала оятҡа ҡалмаһындар! Эй Исраилдың Аллаһы, Һиңә табан йөҙ тотҡандар Минең арҡала мәсхәрә булмаһындар! Сөнки мин Һинең хаҡыңа хурлыҡ күрәм, Йөҙөмә сәркеү яғылды. Ағай-энемә ят булдым, Әсәйемдең улдары мине сит күрә. Һинең йортоң өсөн йән атып, янып-көйәм мин, Һине яманлаусыларҙың хурлау әсеһе өҫтөмә төштө. Минең илап ураҙа тотоуым – Йәнә мәсхәрәләү өсөн сәбәп булды. Ҡыл туҡымаға урандым – Тағы әҙәм көлкөһөнә ҡалдым. Ҡала ҡапҡаһы төбөндә ултырғандар мине сәйнәй; Иҫеректәр минең хаҡта таҡмаҡ йырлай. Әммә минең доғам бары Һиңә, Раббы! Эй Алла, мине хуш күргән мәлдә Сикһеҙ һөйөүеңә күрә яуап ҡайтар, Ышаныслы Ҡотҡарыусы бул Һин миңә! Батҡаҡтан һөйрәкләп сығар мине, Миңә батырға ихтыяр ҡуйма; Нәфрәт тотҡан бәндәләрҙән, Тәрән һыуҙарҙан ҡотолоп ҡалайымсы. Ташҡын һыуҙар йыуып алып китә алмаһын, Төпһөҙ упҡын мине йотмаһын, Өҫтөмдә ҡәбер боғаҙын япмаһын. Яуап ҡайтар миңә, Раббы, Сөнки тоғро мөхәббәтең изге. Оло мәрхәмәтең менән йөҙөңдө бор миңә табан! Мин ҡолоңдан йөҙөңдө йәшермә, Ауыр миңә, йәһәтерәк яуап ҡайтар! Яҡыныраҡ кил, йәнемде ҡотҡар, Дошмандарымдан мине йолоп ал! Мине нисек хурлауҙарын, Мыҫҡыллаған, мәсхәрә иткәндәрен беләһең; Дошмандарымдың һәммәһе күҙ алдыңда. Хурлыҡ йөрәгемде яраланы, хәлдән тайҙым, Хәсрәтемде уртаҡлашыр кеше көттөм дә, булманы. Йыуатыусы эҙләнем, тик таба алманым. Ризыҡ итеп миңә ағыу ашаттылар, Һыуһыныма һеркә эсерҙеләр. Алдарындағы табын уларға тоҙаҡ, Дуҫтарына иһә ҡапҡан булһын! Күҙҙәре томаланһын да күрмәһендәр! Гел генә ҡалтыранып торһондар. Ярһыуыңды өҫтәренә яуҙыр, Асыу ялҡының уларҙы ялмап алһын! Торлаҡтары бушап ҡалһын, Сатырҙарында йәшәүсе булмаһын! Сөнки Һин язалағанды һаман эҙәрләйҙәр, Һин яра һалғандарҙың әрнеүенән көлөп һөйләйҙәр. Ғәйептәре өҫтөнә ғәйеп өй; Һинең алдыңда аҡлана алмаһындар! Әйҙә исемдәре тормош китабынан һыҙылһын, Тәҡүәләр менән йәнәшә яҙылмаһын! Мин иһә ярлы һәм әрнеүлемен, Эй Аллам, ҡотҡарыуың мине һаҡлаһын! Аллам исеменә маҡтау йырлармын, Уны шөкөрана ҡылып ҙурлармын. Был Раббыны ҡорбанлыҡ үгеҙҙән, Тояҡлы-мөгөҙлө башмаҡтан нығыраҡ хушландырыр. Фәҡирҙәр быны күреп ҡыуанһын, Эй Алланы эҙләгәндәр, йөрәгегеҙ йәнләнһен. Сөнки Раббы мохтаждарҙы ишетер, Үҙ халҡын тотҡонлоҡта ташламаҫ. Уға дан йырлағыҙ, ер менән күк, Диңгеҙҙәр һәм ундағы бөтә йән эйәләре! Сөнки Алла Сионды ҡотҡарыр, Йәһүҙә ҡалаларын ҡабаттан торғоҙор; Халыҡ унда төйәкләнеп хужа булыр. Алла ҡолдарының тоҡомо унан биләмә алыр, Унда Алланың исемен яратҡандар йәшәр. Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе. Раббы хәтеренә төшөрһөн өсөн. Эй Алла, ҡотҡар мине! Йә Раббы, ярҙамға ашыҡ! Йәнемде алырға ҡырсынғандар Мәсхәрәгә төшөп хур булһын! Зыян килтерергә теләгәндәр, мыҫҡыл ителеп, Барыһы ла кире сигенһен! «Әһә, әһә!» – тиеп мине үсәгәндәр Оятҡа ҡалып, артҡа боролһон! Һиндә шатлыҡ-ҡыуаныс тапһындар Барса Һиңә табан йүнәлгәндәр! Эй Ҡотҡарыусы, Һине яратҡандар Һәр саҡ: «Алла бөйөк!» – тип әйтһендәр. Мин иһә бисара бер фәҡирмен, Эй Алла, ярҙамға ашыҡ! Ярҙамсым һәм ҡотҡарыусым Һинһең, Һуңлап ҡуйма инде, эй Раббым! Йә Раббы, Һиндә мин ышыҡ табам; Миңә оятҡа ҡалырға бирмә мәңге! Ғәҙеллегеңде күрһәт, йолоп ал, ҡотҡар! Ҡолаҡ һал миңә, ярҙам ит! Миңә һыйыныр ҡая бул. Ҡаям да Һин, ҡәлғәм дә Һин, Мине ҡотҡарырға бойор! Эй Аллам, мине яуыз бәндә ҡулынан, Хаҡһыҙҙың, залимдың тырнағынан ҡотҡар! Һин, эй Раббы Хаким, минең өмөтөмһөң; Йәш сағымдан Һиңә өмөт бағлағанмын. Тыуғанымдан бирле Һиңә таянамын, Әсәм ҡарынынан мине алып сығарғанһың. Һәр саҡ Һиңә генә маҡтауҙарым. Күптәр миңә ҡарап хайран ҡалды, Һин минең ышаныслы ышығым. Һине маҡтау телемдән һис төшмәҫ, Көндән-көнгә ғиззәтеңде бәйән итәм. Ҡартайған көнөмдә минән ваз кисмә Һин, Көсөм бөткәс, мине ситкә типмә! Дошмандарым миңә ҡаршы һүҙ йөрөтә, Йәнемде көҫәгәндәр бер-береһенә кәңәш итә. «Алла уны ташлаған, ҡотҡарырға бер кеме юҡ, Баҫтырып тотайыҡ!» – тиҙәр улар. Эй Алла, алыҫлашмасы минән, Эй Аллам, ярҙамға ашыҡ! Оятҡа ҡалһын, юҡ булһын мине дошман күргән, Мәсхәрәгә төрөнһөн, рисуай булһын Миңә яуызлыҡ теләгән. Мин иһә һәр саҡ өмөт бағлармын Һиңә, Маҡтау өҫтөнә маҡтауҙар яуҙырырмын. Телем Һинең игелекте хикәйәләр, Көн оҙоно ҡотҡарыуың тураһында бәйән итер, Ә бит уларҙы һанап бөткөһөҙ. Эй Хакимым Раббы, ҡөҙрәтле ғәмәлдәреңде, Һинең, бары Һинең хаҡлығыңды һөйләрмен. Эй Аллам, йәш сағымдан алып өйрәтәһең, Һинең мөғжизәләреңде әлегәсә данлайым. Сәстәрем салланып, ҡартайһам да, Ташлама мине, эй Аллам! Киләсәк быуынға ҡеүәтеңде, Һинең ҡөҙрәтеңде аңлатырмын. Эй Алла, ғәҙеллегең күктәргә олғаша, Ҡылған ғәмәлдәрең бөйөк. Һиңә оҡшаған кем бар, эй Алла? Мине бик күп ҡайғы, ғазаптарға дусар иттең, Әммә ҡабаттан йәшәү дәртемде ҡайтарырһың, Ерҙең тәрәнлектәренән сығарырһың. Мине үрләтеп, тағы ла йыуатырһың. Ә мин Һине лира ауаздары менән данлармын, Һинең тоғролоғоң хаҡында йырлармын, Аллам! Арфала Һиңә уйнармын, Эй Исраилдың Мөҡәддәсе! Һиңә йырлаған саҡта ирендәрем тантана итә, Һин йолоп алған йәнем ҡыуана. Көн оҙоно телем Һинең ғәҙеллекте данлай, Ә миңә зарар итергә йыйынғандар, Мәсхәрәгә ҡалып, хур булдылар! Сөләймәндең мәҙхиәһе. Эй Алла, батшаға ғәҙеллегеңде бир, Ә батша улына хаҡ хөкөмдәр сығарырға өйрәт. Һинең халҡыңа ул батша хаҡ хөкөм ҡылһын, Фәҡирҙәрҙең дәғүәләрен ғәҙеллек менән хәл итһен! Тауҙар халыҡҡа бәрәкәт килтерһен, Ҡалҡыулыҡтар хаҡлыҡ еткерһен! Батша халыҡтың ярлыларына хаҡ хөкөм ҡылһын, Фәҡирҙәрҙең балаларын ҡотҡарһын, Залимдарҙы иһә тар-мар итһен! Батшаның ғүмере, ҡояш менән ай ғүмере һымаҡ, Быуындан-быуынға дауам итһен. Хакимлығы яңы сабылған болонға яуған ямғыр, Тупраҡты һуғарған көслө ямғыр һымаҡ булһын! Уның көндәрендә тәҡүәләр сәскә атһын, Ҡасанғаса күктә ай нур сәсә, Шуға тиклем илдә именлек, муллыҡ-бәрәкәт булһын! Хакимлығы диңгеҙҙән диңгеҙгә тиклем, Евфрат йылғаһынан ерҙең сигенә саҡлы йәйелһен! Алдында сүлдәге ҡәбиләләр теҙ сүкһен, Дошмандары саң-туҙан ялаһын. Таршиш һәм утрауҙарҙың батшалары Уға яһаҡ түләһен, Шева менән Сева батшалары бүләктәр алып килһен! Бар батшалар алдында ергә ҡапланһын, Бөтөн ҡәүемдәр уға хеҙмәт итһен! Сөнки ярҙам һорап саҡырған фәҡирҙе, Таянысы булмаған ярлыны ҡотҡарыр. Юҡсыл менән хәйерсене ҡыҙғаныр, Мохтаждарға ярҙам итер. Уларҙы йәбер-золомдан йолоп алыр, Сөнки батшаға уларҙың йәне ғәзиз. Йәшәһен батша! Уға Шеваның алтынын бирһендәр; Уның өсөн туҡтауһыҙ доға ҡылһындар, Көн оҙоно Алланан фатиха һораһындар! Илдә ашлыҡ ишелеп уңһын, Тау итәктәрендә башаҡтар тулҡынланһын! Башаҡтары Ливандағылай тос булһын, Ҡалаларҙа халыҡ ҡырҙағы үлән һымаҡ ишәйһен! Батшаның исеме мәңге йәшәһен, Даны ҡояштай ғүмерле булһын, Бар халыҡтар уның аша фатиха алһын, Ҡәүемдәр уны бәхет эйәһе тип атаһын! Раббы Алла, Исраилдың Аллаһы мөбәрәк булһын! Бары тик Ул – ғәжәйеп эштәр ҡылыусы. Данлы исеме мәңге мөбәрәк булһын, Бар донъя Уның шөһрәте менән тулһын! Амин! Амин! Ишай улы Дауыттың доғалары ошонда тамам. Асафтың мәҙхиәһе. Ысынлап та, Алла Исраил халҡына, Йөрәге саф булғандарға игелекле. Ә минең саҡ аяҡтарым һөрөнмәйсә, Табандарым таймайынса ҡалған ине. Яуыздарҙың муллыҡта йәшәүен күреп, Мин ул хаяһыҙҙарға көнләшеп ҡарағайным. Сөнки улар үлгәнсе һыҙланыу белмәй, Тәндәре сәләмәт, көслө. Уларҙы тормоштоң ауырлығы ситләп үтә, Башҡаларҙай ыҙа сикмәйҙәр. Тәкәбберлек уларҙың муйындарында мәрйен һымаҡ, Залимлыҡҡа кейем һымаҡ төрөнгәндәр. Һимеҙлектән күҙҙәре аҡшайған, Эстәрендә яман ниәт ашып ташҡан. Мыҫҡыл менән, нәфрәт сәсеп һөйләшәләр, Кешегә эреләнеп, янап ҡарайҙар. Улар күктәргә ҡаршы дәғүә белдерә, Телдәре донъяны иңләп гиҙә. Шуға күрә халҡым уларға эйәрә, Һөйләгәндәрен һыу һымаҡ йота. Әйтә ямандар: «Алла нисек белһен? Ҡайҙан белһен Юғарыларҙан Юғары?» Бына шулай ул залимдар – Байлыҡтарын арттырып, рәхәт йәшәйҙәр. «Йөрәгемде бушҡа ғына пак тотаммы, Ғәйепһеҙлегем билдәһе итеп ҡулымды юҡҡа ғына йыуаммы? Юҡҡа ғына һәр бер көнөм яра, Ә һәр иртәм ғазап булдымы ни?» Әгәр ҙә шулай уйлаһам, Һинең балаларыңа хыянат иткән булыр инем. Ни өсөн шулай икәнен аңларға теләнем, Бының менән килешеү бик ауыр ине. Тик Алланың Изге торлағына ингәс кенә Ахырҙары ниндәй буласағын төшөндөм. Эйе, уларҙы тайғаҡҡа баҫтыраһың, Һәләкәткә этеп төшөрәһең. Улар ҡапыл ғына юҡҡа сығыр, Дәһшәт эсендә һеперелеп түгелер. Эй бөйөк Хаким, Һинең ҡалҡыуың булыр, Йоҡонан уянғас та онотолған төш һымаҡ, Күләгә һымаҡ юҡҡа сығасаҡ был ямандар. Йәнем әрнегән, Эс-бауырым янған саҡта, Мин наҙан, аңһыҙ булған икәнмен, Ҡаршыңда аңһыҙ хайуан һымаҡ торғанмын. Ярай әле мин һәр ваҡыт Һинең менән, Уң ҡулымдан Һин етәкләп йөрөтәһең. Нәсихәттәрең менән юл күрһәтәһең, Һуңынан мине данға илтерһең. Һинән башҡа кемем бар минең күктәрҙә? Ер йөҙөндә лә Һинән башҡаны теләмәйем. Тәнем менән күңелем талсыҡты, Алла – күңелем ныҡлығы, Ул – мәңгелеккә миңә насип өлөшөм. Һинән йыраҡлашҡандар һәләк буласаҡ, Үҙеңә хыянат ҡылғандарҙы юҡ итәһең. Ә минең өсөн Аллаға яҡын булыу – бәхет; Раббы Хаким – минең һыйынысым; Мин Уның бар ғәмәлдәрен бәйән итәм. Асафтың уйланыуҙары. Эй Алла, ниңә Һин беҙҙән мәңгелеккә ваз кистең? Ниңә беҙгә, көтөүеңдең ҡуйҙарына, асыуың тоҡанды? Борон уҡ Үҙең һайлап алған халҡыңды, Үҙеңдең милкең булһын тип йолоп ҡалған ырыуҙы, Үҙеңә төйәк иткән Сион тауын иҫеңә төшөр. Мәңгелек харабаларға табан атла, Күр, дошман Изге торлағыңдағы бар нәмәне ватҡан. Һин беҙҙең менән осрашҡан ерҙә Бөгөн дошмандарың ырылдаша, Еңеү билдәһе итеп үҙ әләмдәрен күтәрҙеләр. Урман шырлығында балта тотоп Йөрөгән бәндәгә оҡшаш улар, Уның ырып биҙәлгән әйберҙәрен Балта һәм сапҡыс менән сабалар. Изге торлағыңа ут төрттөләр, Исемең төйәкләнгән урынды Ергә ҡолатып нәжесләнеләр. Эстәренән: «Һәммәһен емерәйек!» – тип, Илдә Аллаға табыныу урындарын көл иттеләр. Инде беҙ илаһи билдәләребеҙҙе күрмәйбеҙ, Пәйғәмбәрҙәр ҙә ҡалманы, Ҡасанғаса был хәл – һис кем белмәй. Эй Алла, ҡасанға саҡлы дошман Һине хурлар? Исемеңде мәңге мыҫҡыллармы? Нишләп Һин ҡулыңды кире алдың? Уң ҡулыңды сығар ҡуйыныңдан, быға сик ҡуй! Һин, Алла, әүәлдән минең Батшам, Ер йөҙөнә ҡотолоу алып киләһең. Һин ҡөҙрәтең менән диңгеҙҙе уртаға бүлдең, Һыуҙарҙағы ғифриттәрҙең башын иҙҙең. Ливъяҫандың баштарын емерҙең, Сүл йыртҡыстарына уны емтек иттең. Инешкә юл ярып, шишмәләр ағыҙҙың, Мул һыулы йылғаларҙы ҡороттоң. Көн дә – Һинеке, төн дә – Һинеке, Ай менән ҡояшты Һин күккә беркеттең, Ерҙең бөтә сиктәрен Һин билдәләнең, Йәйҙе лә, ҡышты ла Һин бар ҡылдың. Иҫеңдә тот, Раббы, дошман Һине нисек хурлай, Ахмаҡ халыҡ исемеңде нисек мыҫҡыл итә. Күгәрсенеңдең йәнен йыртҡыстарға бирмә, Фәҡирҙәреңдең хәлен мәңге онотма. Беҙҙең менән төҙөгән килешеүеңә иғтибар һал, Юҡһа илдең ҡараңғы мөйөштәре Йәбер-золом менән тулған. Иҙелгәндәр оятҡа ҡалып ҡуймаһын, Ярлылар менән мохтаждар исемеңә дан йырлаһын. Күтәрел, эй Алла, дәғүәңде Һин хәл ит! Онотма алйоттарҙың Һине көн һайын хурлағанын! Онотма дошмандарыңдың шаулашыуын; Һиңә ҡаршы баш күтәргәндәрҙең гөжләүе Бер туҡтауһыҙ нығыраҡ яңғырағанын! Йырсылар етәксеһенә: «Һәләк итмә» көйөнә. Асафтың мәҙхиәһе. Йыр. Эй Алла, Һиңә рәхмәт уҡыйбыҙ, Шөкөрана ҡылабыҙ, Һин беҙгә яҡынһың, Кешеләр мөғжизәләрең тураһында һөйләй. Әйтте Алла: «Үҙем билдәләгән ваҡыт еткәс, Ғәҙел хөкөм ҡыласаҡмын. Ер һәм унда йәшәгәндәр сайҡалғанда, Терәктәрен нығытыусы – Мин ул». Һауаланғандарға әйттем: «Башҡаса эреләнмәгеҙ»; Яуыздарға: «Мөгөҙөгөҙҙө сөймәгеҙ, Күккә тиклем күтәрмәгеҙ! Башығыҙҙы текә тотоп һөйләнмәгеҙ», – тинем. Дан-дәрәжә көнсығыштан да, көнбайыштан да, Сүл тарафынан да килмәҫ. Хөкөм ҡылыусы бары тик Алла ғына – Түбән дә төшөрөр, үрләтер ҙә. Ғазап туҫтағы Раббы ҡулында, Ул ҡайнап торған, тәмләткестәр ҡушылған шарапҡа тулы. Раббы шарапты ҡойор, Ер йөҙөндәге барлыҡ залимдар Төпрәһенә тиклем эсеп ҡуйыр. Мин иһә мәңге Яҡуп Аллаһы хаҡында һөйләрмен, Уға маҡтау йырлармын. Алла әйтер: «Һындырырмын залимдарҙың мөгөҙҙәрен, Ә тәҡүәләрҙең ҡеүәтен арттырырмын». Йырсылар етәксеһенә: ҡыллы уйын ҡоралдары оҙатыуында. Асафтың мәҙхиәһе. Йыр. Йәһүҙә илендә Алла мәшһүр, Исраилда Уның исеме бөйөк. Уның торлағы Сәлимдә, Йәшәгән ере Сионда. Ошо ерҙә һындырҙы йәшен кеүек уҡтарҙы, Ҡалҡан-ҡылыстарҙы – ҡоралдарҙы. Йә Алла, Һинән бөркөлә яҡтылыҡ, Кейеккә бай тауҙарҙан да ғиззәтлерәк Һин! Ҡаһарман яугирҙәр үҙҙәре яумал булды, Улар үлем йоҡоһона талды, Һуғышсыларҙың ҡул күтәрер көсө ҡалманы. Эй Яҡуп Аллаһы! Һинең дәһшәтле ауазыңдан Яу арбаларын йөрөтөүселәр, Аттары менән бергә йығылып, мәңгегә тынды. Һин ысынлап та дәһшәтле! Ярһығаныңда кем Һиңә ҡаршы тора алһын? Хатта кешеләрҙең асыуы ла Һиңә дан килтерер – Уларҙың ҡалдыҡ ярһыуын Һин баҫырһың. Раббыға, Аллағыҙға, нәҙер әйтегеҙ, Нәҙерегеҙҙе еренә еткереп үтәгеҙ! Дәһшәтле Алланың эргә-тирәһендәгеләр Уға бүләктәр алып килһендәр! Ул хакимдарҙың рухын Үҙенә буйһондора, Ул ер йөҙөнөң батшаларын ҡурҡыуға һала. Йырсылар етәксеһенә: Йедуҫундың көйөнә. Асафтың мәҙхиәһе. Ауазым минең – Аллаға, ялбарамын; Ҡысҡырамын – Ул мине ишетә. Хәсрәт көнөмдә бөйөк Хакимымды эҙләйем, Йәнемә йыуаныс таба алмай, Төндәр буйы арымай-талмай, Уға ҡулдарымды һонамын. Алланы иҫемә алып ыңғырашам, Уйланам һәм рухым төшә бара. Күҙ ҡабаҡтарымды яптырмайһың, Ҡайғымдан әйтер һүҙ таба алмайым. Күптән үткән замандарҙы, Әүәлгеләрҙе уйлайым. Төндә йырлаған йырҙарым иҫкә төшә, Үҙ-үҙем менән һөйләшәм, Күңелдәге һорауҙарыма яуап эҙләйем: «Мәңгелеккә ваз кистеме бөйөк Хаким? Инде һис кенә лә хуш күрмәҫме? Бөтөнләйгә юғалдымы тоғро мөхәббәте? Вәғәҙәләре мәңгегә тамам булырмы? Алла рәхимлеген оноттомо? Асыуланып, шәфҡәтенә юл яптымы?» Шунан үҙ-үҙемә әйттем: «Бына нимә минең өсөн хәсрәт: Юғарыларҙан Юғары уң ҡулы менән Беҙгә элекке һымаҡ ярҙам күрһәтмәй». Раббының ғәмәлдәрен онотмам, Боронғо хикмәттәрен иҫтә тотормон. Бөтә эштәреңде аңларға тырышырмын, Ҡылған ғәмәлдәрең хаҡында уйлармын. Эй Аллам, юлың мөҡәддәс! Һиндәй бөйөк берәй алла бармы? Һин мөғжизәләр ҡылған Аллаһың, Халыҡтар араһында ҡөҙрәтеңде таныттың. Көслө беләгең менән халҡыңды – Яҡуп һәм Йософ улдарын ҡотҡарҙың. Һыуҙар Һине күргәс, эй Алла, Һыуҙар Һине күргәс, сайҡалдылар; Хатта төпһөҙ даръялар тетрәне. Болоттар һыуҙарын бушатты, Күк күкрәне, Һәр тарафта утлы уҡтарың ялтланы. Дауылда күкрәүең яңғыраны, Йәшен утың донъяны яҡтыртты, Ер тетрәне һәм сайҡалды. Һин диңгеҙҙә, Тәрән һыуҙарҙа юл һалдың, Әммә аяҡ эҙҙәрең билдәле түгел ине. Муса һәм Һарундың ҡулы менән Халҡыңды көтөү һымаҡ алға әйҙәнең. Асафтың уйланыуҙары. Эй халҡым, тыңла нәсихәтемде, Ҡолаҡ һал ауыҙымдан сыҡҡан һүҙҙәргә. Ауыҙымды хикмәт менән асайым, Боронғо серҙәрҙе әйтәйем. Ишеткәнде, белгәндәребеҙҙе, Аталарыбыҙҙың һөйләгәнен Килер быуындарҙан йәшермәбеҙ: Раббының данға лайыҡ эштәрен, Ҡөҙрәтен, ҡылған мөғжизәләрен Киләсәк быуындарға иғлан итербеҙ. Раббы Яҡупҡа күрһәтмәләрен күндергән, Исраилға ҡанун биргән. Был тәғлимәтте балаларына өйрәтһен тип, Ата-бабаларыбыҙға бойорған. Килер быуын, тыуыр балалар белһендәр, Улар үҙ балаларына аңлатһындар: Өмөттәрен Аллаға улар бағлаһын, Алла ғәмәлдәрен онотмаһын, Бойороҡтарын бойомға ашырһын; Ата-бабалары һымаҡ булмаһындар: Сөнки улар тиҫкәре, фетнәсел быуын булды; Күңелдәре тотороҡһоҙ, Рухтары Аллаға тоғро түгел ине. Ана, уҡ-һаҙаҡлы Әфраим улдары Алыш көнөндә арттарына боролоп ҡасты. Сөнки улар Алла менән килешеүҙе боҙҙо, Уның ҡануны буйынса йәшәүҙән баш тартты. Оноттолар Уның ғәмәлдәрен, Уларға күрһәткән мөғжизәләрен. Алла Мысырҙа Соған тигеҙлегендә, Ата-бабаларының күҙ алдында, Мөғжизә-хикмәттәрен күрһәтте. Диңгеҙҙе ярып, уларҙы ҡоронан алып сыҡты; Һыуҙарҙы диуар һымаҡ үрә торғоҙҙо. Көндөҙ болот, төндә ут яҡтыһы менән, Уларға гел юл күрһәтеп барҙы. Сүлдә ҡая ярып һыу сығарҙы; Төпһөҙ даръяларҙан һуғарғандай, Уларға туйғансы һыу эсерҙе. Ҡая таштан шишмә урғылтты, Һыу йылға һымаҡ сылтырап аҡты. Әммә улар гонаһ ҡылыуҙарын дауам иттеләр, Сүлдә Юғарыларҙан Юғарыға ҡаршы баш күтәрҙеләр. Йәндәре теләгән ризыҡ һорап, Тиҫкәреләнеп Алланы һынанылар. «Алла сүлдә табын ҡора аламы?» – тип, Аллаға ҡаршы бурылданылар. Бына Ул ҡаяға һуҡты – һыу атылды, Гөрләүектәр ашып ташты. «Инде Ул халҡына икмәк бирә алырмы? Халҡына ит ашата алырмы?» Раббы быны ишетеп бик асыуланды, Яҡупҡа нәфрәт уты тоҡанды, Исраилға ҡарата ярһыны. Сөнки Аллаға инанманылар, Ҡотҡарырына ышанманылар. Алла болоттарға бойороҡ бирҙе, Күк ҡабағын киреп асты. Уларға ашар өсөн майҙә яуҙырҙы, Күктең икмәген бирҙе уларға. Әҙәм балалары фәрештәләр икмәген татыны; Тамаҡтары туйғансы шуны ашаны. Көнсығыш елен иҫтерҙе Ул күктәрҙә, Ҡөҙрәте менән көньяҡ елен ҡуптарҙы. Саң-туҙандай ит яуҙырҙы баштарына, Ҡош ебәрҙе диңгеҙҙәге ҡом ҡәҙәрле Тупламдарының уртаһына, Торлаҡтарының әйләнә-тирәһенә. Алҡынғанса ашанылар ҙа туйҙылар; Теләктәрен бойомға ашырҙы Алла. Әммә әле күҙҙәре туйып өлгөрмәгәйне, Әле ауыҙҙарында ине иттәре. Алла ҡәһәрен ебәрҙе өҫтәренә: Иң көслөләрен үлтерҙе, Исраилдың егеттәрен йығып һалды. Хатта шунда ла гонаһ ҡылыуҙарын дауам иттеләр, Алланың мөғжизәләренә ышанманылар. Алла уларҙың көндәрен мәғәнәһеҙ мәшәҡәттә, Йылдарын ығы-зығыла һәләк итте. Алла ҡайһыларын үлтерһә, Шунда ғына ҡалғандар Уға ынтылыр, Йәнә Уны эҙләргә тотонор булды. Алла уларҙың ҡаяһы булғанын, Юғарыларҙан Юғарының уларҙы йолоусы икәнен Иҫтәренә төшөрәләр ине. Ауыҙҙары менән Уға ярамһаҡландылар, Телдәре менән ялғанды һөйләнеләр. Ә йөрәктәре менән Уға берекмәнеләр, Килешеүенә тоғролоҡ һаҡламанылар. Ул рәхимле – ғәйептәрен ғәфү итте; Уларҙы ҡырырға теләмәне; Күп тапҡыр асыуын йотто, Бөтә ярһыуына юл ҡуйманы. Иҫтә тотто: улар тик тән генә, Улар иҫеп киткән һәм кире ҡайтмаған ел һымаҡ. Нисә тапҡыр сүлдә Уға ҡаршы фетнә күтәрҙеләр, Ҡыу далала Уны күпме көйҙөрҙөләр! Ҡабат-ҡабат һынанылар Алланы, Исраилдың Мөҡәддәсен рәнйеттеләр. Иҫкә алманылар көслө ҡулын, Үҙҙәрен дошмандан ҡотҡарған көндө, Мысырҙа күрһәткән хикмәттәрҙе, Соған тигеҙлегендә ҡылған мөғжизәләрҙе. Мысырҙар һыуҙарын эсә алмаһын тип, Йылғаларын ҡанға әйләндерҙе. Уларҙы күгәүендәргә емтек итте, Өҫтәренә тәлмәрйендәр ебәреп, юҡ итте. Игендәрен ҡарышлауыҡтарға, Уңыштарын саранчаға бирҙе. Йөҙөмдәрен борсаҡтан һуҡтырҙы, Ҡырағай инжир ағастарын боҙ ҡырҙы. Малдары боҙ-борсаҡтан ҡырылды, Көтөүҙәрен йәшен һуҡты. Мысырҙарҙың өҫтәренә ялҡынлы ярһыуын, Асыуын, нәфрәтен, бәлә-ҡазаларын түкте, Һәләкәт фәрештәләрен ебәрҙе. Асыу-ярһыуына юл ҡуйҙы, Йәндәрен үлемдән һаҡламаны, Уларҙы үләткә дусар итте. Мысырҙарҙың беренсе булып тыуған ир балаларын, Хам сатырҙарындағы ирлек ҡеүәтенең тәү емештәрен ҡырҙы. Үҙ халҡын иһә унан ҡуй һымаҡ алып сыҡты, Сүлдә уларҙы көтөү һымаҡ ҡурсып йөрөттө. Хәүефһеҙ алып барҙы – һис ҡурҡманылар; Дошмандарын иһә диңгеҙ йотто. Уларҙы мөҡәддәс тупрағына, Уң ҡулы яулап алған тауға килтерҙе. Алдарынан башҡа ҡәүемдәрҙе ҡыуҙы, Биләмәгә тупраҡтарын Исраил ырыуҙарына бүлеп бирҙе. Халҡын уларҙың сатырҙарына урынлаштырҙы. Әммә улар Юғарыларҙан Юғары Алланы һынауҙан туҡтаманы, Уға ҡаршы баш күтәрҙе, Уның күрһәтмәләрен тотманы. Ата-бабалары һымаҡ хыянат итте, һатлыҡ булдылар, Ышанысһыҙ йәйә һымаҡ бөгөлдөләр. Боттарға табынған ҡалҡыулыҡтары менән Алланы асыуландырҙылар, Һындары менән көнсөллөгөн уяттылар. Барыһын күреп-ишетеп торған Алла Исраилды бөтөнләйгә ситкә типте. Шилолағы торлағынан, Кешеләр араһында ҡорған сатырҙан ваз кисте. Үҙенең ҡөҙрәт-шөһрәт билдәһен Дошмандың ҡулына әсирлеккә бирҙе. Үҙ биләмәһе булған халҡына асыуланып, Уны ҡылыс хөкөмөнә дусар итте. Егеттәрен ялҡын ялмап йотто, Ҡыҙҙары туй йырҙарынан мәхрүм ҡалды. Ҡаһиндары ҡылыстан ҡырылды, Тол ҡалған ҡатындары матәм йолаһы үткәрә алманы. Әммә бер мәл бөйөк Хаким йоҡонан уянған һымаҡ, Шараптан айныған батыр һымаҡ ҡалҡты. Дошмандарын тар-мар итте, ҡыуҙы, Уларҙы мәңгелеккә мәсхәрәгә батырҙы. Йософтоң сатырын ситкә типте, Әфраим ырыуын һайламаны; Үҙенә Йәһүҙәнең тоҡомон, Яратҡан Сион тауын һайланы. Изге торлағын бейек күк кеүек ҡорҙо, Ер йөҙө һымаҡ мәңгелек итеп һалды. Ҡоло Дауытты һайланы, Уны һарыҡ аҙбарынан алды. Ул Дауытты һауын һарыҡтары, Ҡуйҙар көткән ерҙән алды; Үҙенең халҡы Исраилға, Биләмәһе Яҡупҡа көтөүсе итеп ҡуйҙы. Дауыт уларҙы саф йөрәк менән көттө, Оҫта ҡул менән әйҙәп йөрөттө. Асафтың мәҙхиәһе. Эй Алла, ят ҡәүемдәр баҫып алды биләмәңде, Мөҡәддәс ҡорамыңды нәжесләнеләр, Йәрүсәлимде таш өйөмөнә әйләндерҙеләр. Ҡолдарыңдың мәйетен күктәге ҡоштарға, Тоғроларыңдың тәнен ерҙәге хайуандарға ем итеп бирҙеләр. Йәрүсәлим тирәләй уларҙың ҡанын һыу һымаҡ түктеләр, Мәйеттәрҙе ерләргә һис кем ҡалманы. Күршеләребеҙ алдында мәсхәрәгә төштөк, Бөтә әйләнә-тирәгә көлкө һәм хур булдыҡ. Асыуың ҡасанға тиклем барыр, Раббы? Мәңге шулай һуҙылырмы? Күпме яныр ялҡынланып көнсөллөгөң? Асыуыңды Һине танымаған ҡәүемдәрҙең, Исемеңде телгә алмаған батшалыҡтарҙың өҫтөнә түк. Сөнки шулар Яҡуптың башын ашаны, Йортон харабаға әйләндерҙе. Ата-бабаларыбыҙҙың гонаһтарын таҡма беҙгә. Рәхим-шәфҡәтеңде күрһәтә һал – Беҙ бөтөнләй көсһөҙләнеп киттек. Данлы исемең хаҡына беҙгә ярҙам ит, Йә Алла, ҡотҡарыусыбыҙ беҙҙең! Исемең хаҡына йолоп ал беҙҙе, Гонаһтарыбыҙҙы ғәфү ит. Ниңә әле ят ҡәүемдәр: «Ҡайҙа уларҙың Аллаһы?» – тип көлә. Ҡолдарыңдың түгелгән ҡандары өсөн үс алыуың Күҙ алдыбыҙҙа бар ҡәүемдәргә мәғлүм булһын. Әсирҙең иңрәүе хозурыңа ирешһен, Ҡеүәтле беләк көсөң менән Һин Үлемгә дусар ителгәндәрҙе ҡотҡар. Һине хурлаған күршеләребеҙгә Ете ҡат артығыраҡ итеп ҡайтар, бөйөк Хаким! Беҙ Һинең халҡың, көтөүеңдең ҡуйҙары, Мәңгегә Һиңә шөкөр итербеҙ, Быуындан-быуынға маҡтау йырларбыҙ. Йырсылар етәксеһенә: «Килешеү лилиәһе» көйөнә. Асафтың мәҙхиәһе. Беҙҙе элекке хәлебеҙгә ҡайтар, эй Алла! Йөҙөңдән нур сәсеп беҙҙе ҡотҡар! Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, ҡасанғаса Халҡың доғаһына асыулы ҡарарһың? Уларға икмәк урынына күҙ йәше бирҙең, Туҫтаҡ тулы әсе йәш эсерҙең. Күршеләребеҙҙең талашына сәбәп иттең, Дошмандарыбыҙ бот сабып көлә. Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, беҙҙе элекке хәлебеҙгә ҡайтар, Йөҙөңдән нур сәсеп беҙҙе ҡотҡар! Мысырҙан бер йөҙөм ботағы алып килдең, Ҡәүемдәрҙе ҡыуып, уны тупраҡҡа ултырттың. Уның өсөн урын әҙерләнең, Тамыр йәйеп илгә таралды. Күләгәһе тауҙарҙы ҡапланы, Ботаҡтары – ғорур кедрҙарҙы. Тәлгәштәре диңгеҙгә үрелде, Тармаҡтары Евфратҡаса барып етте. Ниңә Һин уның ҡоймаларын емерҙең? Емештәрен йолҡа һәр үткенсе, Ҡырағай сусҡалар төбөн соҡой, Ҡыр йәнлектәре һабаҡтарын кимерә. Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, кире борол! Ҡараһана күктән! Күр ҙә илтифат ит йөҙөм ағасына. Уң ҡулың ултыртҡан үрсемде, Үҙең ныҡлыҡ биргән уланды ҡурсала. Ҡырҡып ташланған ул, яндырылған… Быны эшләгәндәр Һинең Асыулы ҡарашыңдан юҡҡа сыҡһындар! Ҡулың уң яғыңда тороусыны – Үҙең ныҡлыҡ биргән әҙәм улын ҡурсалаһын! Шул саҡта беҙ Һинән тайпылмабыҙ. Йәшәү бир беҙгә, исемеңде әйтеп саҡырырбыҙ! Йә Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, Беҙҙе элекке хәлебеҙгә ҡайтар, Йөҙөң беҙгә нурын сәсһен – ҡотолоу табайыҡ! Йырсылар етәксеһенә: «Гиттиҫ» көйөнә. Асафтың мәҙхиәһе. Ҡөҙрәтебеҙ булған Аллаға ҡыуанышып йырлағыҙ, Шатланышып ҡысҡырығыҙ Яҡуп Аллаһына! Көй башлағыҙ, дөңгөр ҡағығыҙ, Моңло арфа, лира ҡылдарын сиртегеҙ. Яңы айҙа, ай тулғанда – Беҙҙең байрам көндәрендә Мөгөҙ борғо ҡысҡыртығыҙ! Сөнки был – Исраилға ҡағиҙә; Яҡуп Аллаһының ҡануны был. Йософ нәҫеле Мысырҙан ҡотолоп сыҡҡас, Уға быны күрһәтмә итеп бирҙе. Үҙем белмәгән телдә тауыш ишеттем: «Яурынынан ауыр йөгөн алдым, Ҡулдары ауыр кәрзиндәрҙән ҡотолдо. Бәләгә ҡалғас, Мине саҡырҙың – Мин һине ҡотҡарып алып ҡалдым; Йәшен болотонан яуап ҡайтарҙым, Мерива һыуҙарында һине һынаным. Тыңла, халҡым, Мин киҫәтәм һине! Эй Исраил, һин Мине тыңлаһаң ине! Арағыҙҙа ят илаһ булмаһын, Сит ерҙәрҙең илаһына табынма! Һине Мысырҙан алып сыҡҡан Аллаң Раббы Мин. Ҙур итеп ас ауыҙыңды – туйҙырырмын!» «Әммә халҡым әйткәнемде тыңламаны, Исраил Миңә буйһонманы. Шуға уны тиҫкәре булмыштары ихтыярына бирҙем, Үҙ белдегенә йәшәһен, тинем. Әгәр ҙә халҡым Мине тыңлаһа, Исраил юлдарымдан йөрөһә, Дошмандарын бик тиҙ йөгөндөрөр, Иҙеүселәрен ҡулым менән йүгәнләр инем! Миңә нәфрәт тотоусылар бөгөлөп төшөр, Язалары мәңге дауам итер ине. Һеҙҙе бойҙайҙың иң яҡшыһы менән һыйлар, Ҡаянан аҡҡан бал менән туйҙырыр инем». Асафтың мәҙхиәһе. Алла илаһи йыйында тороп, Хөкөмөн әйтте илаһтар араһында: «Ҡасанғаса нахаҡ хөкөм ҡылырһығыҙ? Яуыздарҙы аҡлап ҡалырһығыҙ? Ярлы менән етемдең дәғүәһенә ғәҙел ҡарағыҙ; Мохтаж менән фәҡирҙең хаҡын бирегеҙ. Юҡһыл менән хәйерсене ҡотҡарығыҙ, Яуыздарҙың ҡулынан уларҙы тартып алығыҙ. Тик белмәйҙәр, аңламайҙар! Дөм ҡараңғыла йөрөйҙәр. Ер йөҙөнөң нигеҙҙәре ҡаҡшаған. Әйттем Мин: „Һеҙ илаһтарһығыҙ; Һәммәгеҙ ҙә Юғарыларҙан Юғарының улдары. Ләкин һеҙ кешеләр кеүек үк үләсәкһегеҙ, Берәй хаким һымаҡ юғарынан ҡоларһығыҙ“». Эй Алла, ҡалҡ, хөкөм ит ер йөҙөн! Һәммә халыҡтар ҙа Һинеке бит! Йыр. Асафтың мәҙхиәһе. Эй Алла, өндәшмәй ҡалма, Өнһөҙ генә тик торма, Илаһым! Ҡара, дошмандарың шаулашалар, Баштарын ҡалҡыта нәфрәтлеләр. Халҡыңа ҡаршы мәкер ҡоралар, Ғәзиздәреңә ҡаршы кәңәш тоталар. «Әйҙәгеҙ, был милләтте юҡ итәйек, – тиҙәр. – Исраилдың исеме лә онотолһон». Бергәләшеп улар һүҙ ҡуйышты, Һиңә ҡаршы килешеү төҙөштө: Эдомдар, исмәғилдәр, Моавтар, һағриҙар, Гевал, Ғаммон, Ғәмәлек, Пелешеҫ менән Тир халҡы. Ашшур ҙа уларға ҡушылды, Лут нәҫелдәренә терәк булды. Уларға Мидйәнгә эшләгәнеңде, Ҡишон буйында Сисера менән Явинға ҡылғандарыңды эшлә – Һин уларҙы Ғейн-Дорҙа ҡырып һалдың; Тупраҡҡа тиреҫ булдылар. Башлыҡтарын Ғорев менән Зеев һымаҡ, Юлбашсыларын Зәвах менән Салмуннағ һымаҡ ит. Сөнки улар: «Әйҙәгеҙ, Алланың утлауҙарын Үҙебеҙгә алайыҡ», – тип әйткән булған. Эй Илаһым, Һин уларҙы ҡойондағы туҙан, Елгә осҡан кәбәк һымаҡ туҙҙыр! Урмандарҙы көлгә әйләндергән ут, Тауҙарҙы ялмаған ялҡын һымаҡ, Дауылың менән ҡыуала, Ғәрәсәтең менән дәһшәткә һал! Йөҙҙәрен мәсхәрә менән ҡапла, Һинең исемеңде, Раббы, эҙләй башлаһындар. Мәңге оят менән дәһшәт эсендә ҡалһындар, Хурлыҡҡа төшөп юҡҡа сыҡһындар. Белһендәр: Һинең исемең – Раббы, Ер йөҙөндә Һин Юғарыларҙан Юғары Алла! Йырсылар етәксеһенә: «Гиттиҫ» көйөнә. Ҡорах улдарының мәҙхиәһе. Эй күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Ниндәй ғәзиз Һинең торлаҡтарың! Күңелем ихаталарыңа инер мәлде ашҡынып көтә, Йәнем-тәнем, бар булмышым һөйөнөстән Тере Алла хозурында йырлай. Эй күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Батшам, Аллам, Ҡорбан усаҡтарыңдың янында Хатта турғай ҙа үҙенә урын тапҡан, Ҡарлуғас балаларына оя ҡорған. Ниндәй бәхетле йортоңда йәшәгәндәр; Улар мәңге Һине маҡтар! Ниндәй бәхетле Һинән көс-ҡеүәт алған, Күңеленән Йортоңа сәйәхәт ҡылыуҙы ниәт иткән кеше! Ҡоро үҙән буйлап үткән саҡта Унда инештәр асырҙар, Ямғырҙар уны бәрәкәт менән һуғарыр. Был кешеләр атлаған һайын нығыраҡ ҡеүәт алыр, Сионға, Алла хозурына сығырҙар. Йә Раббы, күк ғәскәрҙәре Аллаһы, тыңла, Доғама ҡолаҡ һал, эй Яҡуп Аллаһы! Эй Алла, беҙҙең ҡалҡаныбыҙ, Үҙеңдең мәсихеңдең йөҙөнә күҙ һал! Һинең ишек алдыңда үткәргән бер көнөм Башҡа ерҙә уҙғарған мең көндән яҡшыраҡ; Алла йортоноң тупһаһында торғаным Залим сатыры түрендә йәшәүҙән артығыраҡ. Сөнки Раббы Алла – ҡояш һәм ҡалҡан Ул; Миһырбанлыҡ күрһәтеүсе, дан-шөһрәт биреүсе; Тоғро юлдағыларҙан бар ниғмәттәрен йәлләмәүсе. Эй күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Ниндәй бәхетле Һиңә өмөт бағлаусы! Йырсылар етәксеһенә: Ҡорах улдарының мәҙхиәһе. Йә Раббы, илеңә миһырбанлыҡ ҡылдың, Яҡуп нәҫеленә муллыҡ-именлек ҡайтарҙың. Халҡыңдың ғәйебен ярлыҡаның, Барлыҡ гонаһтарынан пакланың. Бөтә асыуыңды ситкә ҡуйҙың, Ярһыуҙарыңдан тыйылдың. Эй ҡотҡарыусыбыҙ Алла, Беҙҙе элекке хәлебеҙгә ҡайтар! Беҙгә асыуыңды туҡтат. Мәңге шулай асыу һаҡларһыңмы? Ярһыуың быуындан-быуынғаса һуҙылырмы? Халҡың Һиндә ҡыуаныс тапһын тип, Беҙҙе ҡабат терелтмәҫһеңме ни? Йә Раббы, тоғро мөхәббәтеңде күрһәт, Ҡотҡара күр беҙҙе! Раббы Алланың әйткәненә ҡолаҡ һалам. Халҡына, тоғро ҡолдарына именлек вәғәҙә итә, Тик мәғәнәһеҙ юлдарға ҡайтмаһындар. Ысынлап та, Үҙенән ҡурҡҡандарға Уның ҡотҡарыуы яҡын, Уның шөһрәте беҙҙең еребеҙҙә төйәкләнәсәк. Мөхәббәт менән тоғролоҡ осрашасаҡ, Хаҡлыҡ менән именлек үбешәсәк. Ерҙән тоғролоҡ үҫеп сығыр, Хаҡлыҡ күктәрҙән аҫҡа эйелер. Раббы бәрәкәт күндерер, Еребеҙ мул уңыш бирер. Хаҡлыҡ Раббының алдынан атлап барыр, Уның өсөн юл әҙерләр. Дауыттың доғаһы. Мин бисара бер фәҡирмен, Ҡолаҡ һал да яуап ҡайтар, Раббым! Мин Һиңә тоғромон, йәнемде һаҡла, Эй Аллам, Һиңә өмөт бағлаған ҡолоңдо ҡотҡар! Көн оҙоно Һиңә ялбарамын, Эй бөйөк Хаким, миһырбанлы бул миңә. Мин бәндәңдең күңелен һөйөндөр, Йәнемде Һин Хакимыма олғаштырам. Һин игелекле, ғәфү итергә әҙерһең, бөйөк Хаким; Үҙеңде саҡырғандарға мөхәббәтең мул. Йә Раббы, доғамды ишет, Ялбарыу ауазыма ҡолаҡ һал! Хәсрәт көнөмдә Һине саҡырам, Беләм, миңә яуап ҡайтарырһың. Бөйөк Хаким, илаһтар араһында Һиндәй юҡ, Һин эшләгән һымаҡ ғәмәлдәр юҡ. Үҙең бар ҡылған халыҡтарҙың һәммәһе, Эй бөйөк Хаким, хозурыңа килеп баш эйер, Исемеңә дан-шөһрәт килтерер. Сөнки Һин бөйөкһөң, Мөғжизәләр ҡылыусыһың. Яңғыҙ Һин генә Аллаһың! Йә Раббы, миңә юлыңды күрһәт – Һинең хәҡиҡәтеңдә йәшәйем. Йөрәгемә бары тик бер генә ынтылыш һал – Һинең исемеңде генә ҡурҡып хөрмәтләйем. Бар күңелемдән Һиңә шөкөр итермен, Хакимым Аллам! Мәңге Һинең исемеңде ололармын. Миңә булған тоғро мөхәббәтең бөйөк, Йәнемде үлеләр донъяһы упҡынынан Һин ҡотҡарҙың. Эй Алла, хаяһыҙҙар миңә һөжүм итә, Залимдар өйөрө йәнемде көҫәй. Улар бит Һине һанламай. Эй бөйөк Хаким, Һин рәхимле, мәрхәмәтле, Сикһеҙ түҙемле, оло мөхәббәтле, тоғро Алла. Хәлемде күр, мәрхәмәт-шәфҡәт ҡыл, Мин ҡолоңа көс-ҡеүәт бир, Ҡолиәңдең улын ҡотҡар. Мине үҙ итеүеңдең берәй билдәһен күрһәт, Раббы! Миңә ярҙам иткәнеңде, йыуатҡаныңды күргәс, Миңә нәфрәт тотҡандар хурлыҡҡа ҡалһын. Ҡорах улдарының йыр-мәҙхиәһе. Ул Йәрүсәлимде мөҡәддәс тау өҫтөнә ҡорған! Раббы Сион ҡапҡаларын Яҡуп нәҫеленең бар төйәктәренән нығыраҡ һөйә. Эй Алла ҡалаһы, һинең хаҡта Ниндәй ғәжәйеп һүҙҙәр һөйләйҙәр. Мине танығандар араһына Раһав менән Бабилды ла индерермен, Пелешеҫ менән Тир, Куш хаҡында: «Ул да бында тыуған», – тиерҙәр. Ә Сион тураһында былай әйтелер: «Шул да унда тыуған, был да, Юғарыларҙан Юғары Үҙе Уны ҡаҡшамаҫ итәлер». Раббы халыҡтар исемлегендә: «Был да Сионда тыуған», – тип яҙыр. Йыраусылар менән бейеүселәр: «Тормош сығанағым – һиндә», – тип әйтер. Ҡорах улдарының мәҙхиәһе. Йыр. Йырсылар етәксеһенә: «Махалаҫ» көйөнә. Ҡара-ҡаршы йыр. Әзрах нәҫеленән булған Һемандың уйланыуҙары. Йә Раббы, мине ҡотҡарған Алла, Көнөн-төнөн Һиңә ялбарамын! Доғам хозурыңа барып етһен, Ҡолаҡ һал ялбарыуыма. Ҡайғы-хәсрәтем боғаҙыма тығылды, Йәнем үлеләр донъяһына яҡынлашты. Ҡәбергә төшкәндәргә иш булдым, Һис тәҡәтһеҙ тороп ҡалдым. Үлектәр араһына ташланған, Һин башҡаса иҫеңә алмаған, Инде бөтөнләй ҡулыңдан төшкән, Ҡәберҙә ятҡан мәйеттәй булдым, Мине тәрән соҡор төбөнә һалдың, Ҡараңғылыҡҡа, упҡынға аттың. Башыма төштө асыуың, Тулҡындарың менән иҙҙең. Яҡындарымды алыҫлаштырҙың, Улар күҙендә ерәнгес иттең. Бикле ҡалдым да сыға алмайым. Хәсрәтемдән күҙ нурҙарым һүнде, Һәр көн Һиңә ялбарамын, Раббы, Ҡулдарымды Һиңә һонамын. Мөғжизәләреңде мәйеттәргә күрһәтәсәкһеңме? Үлектәр тороп Һине данлармы? Тоғро мөхәббәтең хаҡында ҡәберҙә, Тоғролоғоң тураһында Һәләкәт урынында һөйләнерме? Ҡараңғылыҡта хикмәттәреңде кем күрер? Ғәҙеллегеңде онотолоу донъяһында кем белер? Мин иһә, йә Раббы, ярҙамға саҡырам Һине; Доғам иртә таңдан Һиңә олғашыр. Ни өсөн мине ситкә тибәһең, Раббы, Ниңә Һин минән йөҙөңдө йәшерәһең? Бәхетһеҙмен, үлем хәлендәмен йәшлегемдән; Дәһшәттәрең алдында сараһыҙ ҡалдым. Асыуың башымдан ашты инде, Дәһшәтеңдән рухым һынды минең. Ул көн һайын ташҡындай уратып ала, Мине һәр тарафтан ҡамалай. Йәремдән, яҡын дуҫымдан айырҙың, Серҙәшем булып тик ҡараңғылыҡ ҡалды. Әзрах нәҫеленән булған Эҫандың уйланыуҙары. Раббының мөхәббәтен мәңге йырлармын, Тоғролоғоңдо һәр бер быуынға Телемдән төшөрмәй һөйләрмен. Әйттем: «Мөхәббәтең мәңге тотороҡло, Тоғролоғоң күктәр һымаҡ ҡаҡшамаҫлыҡ». Әйттең: «Һайлаған кешем менән килешеү төҙөнөм; Ҡолом Дауытҡа былай тип ант иттем: „Тоҡомоң һинең мәңгегә дауам итер, Тәхетең быуындан-быуынға күсер“». Йә Раббы, мөғжизәләреңде күк данлаһын, Тоғролоғоң изгеләр йыйынында маҡталһын. Сөнки кем күктә Һиңә тиңләшә алыр? Илаһи заттарҙың ҡайһыһы Раббыға оҡшаш? Изгеләр йыйынында Алла дәһшәтле, Тирә-яғындағыларҙың һәммәһенән ҡурҡынысыраҡ. Йә Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, Кем бар һуң Һинән ҡөҙрәтле? Тоғролоҡ Һине уратып алған. Һин Хакимһың ҡоторонған диңгеҙгә, Шашынған тулҡындарҙы тынысландыраһың. Һин Раһавты иҙгеләп юҡ иттең, Ҡеүәтле ҡулың менән дошмандарҙы тараттың. Күк – Һинеке, ер ҙә Һинеке; Донъяны, ундағы бөтә нәмәне Һин яраттың. Һин бар ҡылдың төньяҡ менән көньяҡты, Тавор менән Хермон тауҙары Һинең исемеңә рәхмәт уҡый. Беләгең ниндәй ҡеүәтле, Ҡулың көслө, уң ҡулың юғары күтәрелгән! Хаҡлыҡ менән ғәҙеллек – тәхетеңдең нигеҙе, Алдыңдан йөрөй тоғролоҡ һәм мөхәббәт. Ниндәй бәхетле шатлыҡ ауаздарын татыған халыҡ! Улар Һинең йөҙөңдөң нурында йәшәй, Раббы. Көндәр буйы исемеңде телгә алып һөйөнәләр, Хаҡлығыңа таянып күтәреләләр. Сөнки уларҙың көсө менән күрке Һин, Һинең мәрхәмәтең менән ҡеүәтебеҙ арта. Беҙҙең ҡалҡаныбыҙ – Раббыныҡы, Беҙҙең батшабыҙ – Исраилдың Изгеһенеке. Элек бер күренмеш аша Тоғро ҡолдарыңа былай тинең: «Бер яугиргә ярҙам иттем, Уны халыҡтан һайлап алып күтәрҙем. Дауытты – ҡоломдо – таптым, Мөҡәддәс май менән мәсехләнем. Ҡулым уға таяныс булыр, Беләгем уға ҡеүәт бирер. Дошман уны буйһондора, Залим түбәнһетә алмаҫ. Дошмандарын алдында ҡырып һалырмын, Уға нәфрәт тотҡандарҙы туҙҙырырмын. Тоғролоғом, мөхәббәтем уның менән булыр, Минең исемем менән мөгөҙөн өҫкә сөйөр. Уның ҡулын диңгеҙгәсә, Уң ҡулын йылғаларға тиклем һуҙырмын. „Атам – Һин, – тип өндәшәсәк Миңә, – Аллам, мине ҡотҡарыусы ҡаям“. Мин уны баш балам итәм, Ерҙәге бар батшаларҙан өҫтөн ҡуям. Тоғро мөхәббәтем мәңгелек булыр, Уның менән төҙөгән килешеүем боҙолмаҫ. Уның тоҡомо мәңге дауам итер, Күктәр бар сағында тәхете лә торор. Балалары ҡанунымды ташлай ҡалһа, Күрһәтмәләремә күрә йәшәмәһә, Ҡағиҙәләремде боҙор булһа, Бойороҡтарымды бойомға ашырмаһа, Енәйәттәрен күҫәкләп, Ғәйептәрен таяҡлап язалармын. Тик уларҙы мөхәббәтемдән айырмам, Тоғролоғомдан баш тартмам. Килешеүемде һис боҙмам, Ауыҙымдан сыҡҡан һүҙемде үҙгәртмәм. Мөҡәддәслегем менән бер ҡат ант иттем, Дауытҡа ялған һүҙ бирмәм. Уның тоҡомо мәңге дауам итер, Тәхете хозурымда ҡояштай торор. Күктәге ышаныслы шаһит булған ай һымаҡ, Ул мәңге шулай ныҡ торор». Тик Һин ваз кистең, һыртыңды ҡуйҙың, Мәсихеңә бик ныҡ асыуландың. Ҡолоң менән килешеүеңдән баш тарттың, Тажын саңға ырғытып бысраттың. Бөтә диуарҙарын йыҡтың, Бар ҡәлғәләрен ҡыйраттың. Юлдан үткән һәр кем уны талай, Күршеләре рәхәтләнеп мәсхәрәләй. Уның дошмандарын көсләндерҙең, Нәфрәт тотҡандарҙы ҡыуандырҙың. Ҡылысының осон үҙенә табан борҙоң, Һуғышта уға терәк булманың. Уның балҡышын юҡҡа сығарҙың, Тәхетен ергә аунаттың. Йәшлек көндәрен ҡыҫҡарттың, Уны мәсхәрә менән ҡапланың. Йә Раббы, был ҡасанғаса дауам итер? Үҙеңде беҙҙән мәңгегә йәшерерһеңме? Ҡасанғаса ярһыуың ут һымаҡ ялҡынланыр? Ғүмеремдең нисек тиҙ үткәнен иҫлә, Әҙәм балаларын бит Һин фани ҡылдың! Бармы йәшәп тә үлем күрмәгән, Йәнен үлеләр донъяһынан ҡотҡарып ҡалған? Эй бөйөк Хаким, ҡайҙа Һинең әүәлге мөхәббәтең? Тоғролоғоң менән Һин быны Дауытҡа вәғәҙә иткәйнең! Эй бөйөк Хаким, онотма ҡолдарыңдың Нисек мәсхәрә ителеүҙәрен. Халыҡтарҙың мыҫҡыллы һүҙҙәрен Күңелемдә һаман йөрөтәмен. Дошмандарыңдың мәсхәрә итеп көлгәнен иҫеңә төшөр, Раббы, Мәсихеңдең һәр баҫҡан эҙен хурлап торғанын. Мәңгегә мөбәрәк булһын Раббы! Амин! Амин! Алла ҡоло Мусаның доғаһы. Эй бөйөк Хаким, быуындан-быуынғаса Һин беҙҙең һыйыныр урын булдың. Тауҙар бар булғандан әүәл, Ер менән донъяны яратҡаныңа тиклем, Мәңгелектән мәңгелеккә ҡәҙәр Алла – Һинһең. Кешене ҡабат тупраҡҡа ҡайтараһың, «Эй әҙәм балалары, тупраҡҡа ҡайтығыҙ!» – тиһең. Мең йыл Һинең күҙ алдыңда Үтеп киткән кисәге көн, Йәки ҡыҫҡа бер төн һымаҡ. Кешеләрҙе ташҡындай йыуып ташлайһың, Улар – тик төш; бары үлән һымаҡ: Иртән шытып сыға, сәскә ата, Кискә һулып төшә, ҡороп ҡата. Сөнки асыуыңдан юҡ булабыҙ, Ярһыуыңдан ҡурҡыуға ҡалабыҙ. Енәйәттәребеҙҙе алдыңа һалдың, Йәшерен гонаһтарыбыҙҙың барыһын Йөҙөңдөң яҡтыһына сығарҙың. Көндәребеҙ Һинең асыуың аҫтында үтә, Бер һулыш һымаҡ юғала йылдарыбыҙ. Етмеш йыл ғүмер һөрәбеҙ, Ныҡ булғанда һикһәнгә етәбеҙ; Иң матур йылдар ҙа ауыр хеҙмәт, яфа менән Елеп үтә, үҙебеҙ осоп китәбеҙ. Асыуыңдың ҡеүәтен кем белә алыр? Ярһыуың беҙ Һинән ҡурҡҡан һымаҡ бөйөк. Ғүмеребеҙҙең көндәрен һанарға өйрәт, Шунда йөрәгебеҙ зирәклеккә эйә булыр. Боролһаңсы беҙгә табан, Раббы! Ҡасанға тиклем көтөргә беҙгә? Мәрхәмәтле булсы ҡолдарыңа. Таң һайын мөхәббәтең менән туйындыр, Бәхет-шатлыҡ менән ғүмер кисерәйек. Күпме көндәр беҙҙе интектерҙең, Нисә йылдар буйы ғазап сиктек, Инде шул ҡәҙәрле үк һөйөндөр. Беҙгә, Үҙ ҡолдарыңа, ҡөҙрәтле ғәмәлдәреңде, Балаларыбыҙға дан-шөһрәтеңде күрһәт. Аллабыҙ Хаким беҙҙән ҡәнәғәт ҡалһын. Ҡулыбыҙҙың эшен емешле ит. Эйе, ҡулдарыбыҙҙың ғәмәлен уңышлы ит. Юғарыларҙан Юғарының ышығына һыйынған, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең күләгәһендә йәшәгән кеше Раббы хаҡында былай тип әйтер: «Ул минең һыйындырыусым, ҡәлғәм, Аллам, мин Уға өмөт бағлайым». Ул һине аусының тоҙағынан, Үлемесле сирҙәрҙән ҡотҡарыр. Ул һине ҡанат аҫтына алыр, Ҡаурыйҙары араһына һыйынырһың; Тоғролоғо – ҡалҡаның, ышығың булыр. Ҡурҡмаҫһың төнгө дәһшәттән, Көн яҡтыһында атылған уҡтан, Ҡараңғыла ябырылған ҡырғын, Төш мәлендә килеп баҫҡан һәләкәттән. Тирә-яғыңда йығылып ятыр меңдәр; Унар меңдәр уң яғыңда ҡолар, Ә һиңә ҡағыла алмаҫ хәтәр. Үҙ күҙҙәрең менән ҡарарһың, Залимдарҙың язаһын күрерһең. Һин Раббыға һыйынғаның, Юғарыларҙан Юғарыға ышыҡланғаның өсөн Башыңа һәләкәт килмәҫ, Сатырыңа бәлә-ҡаза яҡынламаҫ. Алла һинең хаҡта фәрештәләренә бойороҡ бирер, Улар, ҡайҙа йөрөһәң дә, һине һаҡлар, Аяҡтарыңды ташҡа бәрҙертмәй, Улар һине ҡулдарына күтәреп йөрөтөр. Арыҫланға, зәһәр йыланға баҫып үтерһең, Йәш арыҫланды, йыланды иҙә тапарһың. «Ул Мине яратҡан өсөн Уны азат итәсәкмен, – ти Раббы, – Исемемде танығанға күрә, Мин уны һаҡлаясаҡмын. Саҡырғанда яуап ҡайтарырмын, Ҡайғылы мәлендә – янында булырмын, Йолоп алырмын, данға күмермен. Ғүмерен оҙон ҡылырмын, Ҡотҡарыуымды бүләк итермен». Мәҙхиә. Шәмбе көнө өсөн йыр. Эй Раббы, Һиңә шөкөраналар ҡылыу яҡшы, Эй Юғарыларҙан Юғары, исемеңде данлау яҡшы. Йырлау яҡшы иртәнсәк мөхәббәтеңде, Иғлан ҡылыу яҡшы кистәрен тоғролоғоңдо. Яҡшылыр быларҙы һөйләү көйгә һалып, Ун ҡыллы арфа һәм лира сиртә-сиртә! Сөнки, йә Раббы, ғәмәлдәрең менән ҡыуандыраһың; Ҡулыңдың эштәренә һоҡланып йырлайым. Ҡылғандарың ни ҡәҙәрле бөйөк, Раббы! Тәрәнлектән тәрән фекерҙәрең! Ахмаҡ әҙәм быны белмәҫ, Алйоттоң аҡылы етмәҫ: Залимдар сүп үләнеләй үрсеһә лә, Яуызлыҡ күкрәп сәскә атһа ла, Улар мәңгегә юҡҡа сығасаҡ. Ә Һин мәңге бейек, Раббы! Йә Раббы, дошмандарың мотлаҡ ҡырыласаҡ. Яуызлыҡ ҡылыусылар һәммәһе таралып бөтәсәк. Ә мине ҡырағай үгеҙ һымаҡ көслө иттең, Башыма саф зәйтүн майы һөрттөң. Дошмандарым йығылғанын күҙем күрер, Миңә һөжүм иткән яуыздарҙың Ҡолағанын ҡолағым ишетер. Тәҡүә кеше хөрмә һымаҡ сәскә атыр, Ливандағы кедр ағасылай ҡалҡыр. Раббы йортонда тамырланғандар, Аллабыҙ ихатаһында сәскә атыр. Улар өлкәнәйгәс тә емешле, Һутлы һәм йәм-йәшел ҡаласаҡтар. Улар әйтер: «Раббы хаҡ, Ул – ҡаям минең; Унда тамсы ла ғәҙелһеҙлек юҡ». Раббы – батша! Ул ҡеүәтенә бөркәнеп, ҡөҙрәт менән билен быуған, Донъяны ҡаҡшамаҫлыҡ итеп ныҡ ҡорған. Тәхетең ҡаҡшамаҫлыҡ ҡуйылған әүәл-әүәлдәрҙән, Һин Үҙең – мәңгелектәнһең! Йылғалар гөрләп аға, йә Раббы, Йылға һыуҙары шаулай, Гөрһөлдәй йылға һыуҙары. Ташҡын һыуҙар гөрһөлдәүенән, Диңгеҙҙәрҙең шашҡын тулҡынынан Юғарылағы Раббы ҡөҙрәтлерәк. Һинең күрһәтмәләрең хаҡтан-хаҡ, Раббы; Мөҡәддәслек – йортоңдоң биҙәге мәңгелеккә. Йә Раббы, эй үс алыусы Алла! Үс алыусы Алла, сәс нурыңды! Ҡалҡ Һин, донъяның Хөкөмдары, Тәкәбберҙәргә бир хаҡ язаңды! Раббы, ҡасанғаса был залимдар, Ҡасанғаса тантана итерҙәр? Ауыҙҙарынан ағыла хаяһыҙлыҡ, Яуызлыҡ ҡылалар ҙа маҡтаналар. Эй Раббы, улар халҡыңды иҙә, Биләмәңә Һинең золом ҡыла. Тол ҡатынды, килмешәкте үлтерәләр, Етем-еһерҙе ҡыралар. Улар әйтә: «Раббы күрмәҫ, Яҡуп Аллаһы бер ни ҙә белмәҫ». Эй алйоттар, аҡылығыҙға килегеҙ! Эй наҙандар, ҡасан һеҙгә аҡыл инер? Ҡолаҡты бар ҡылыусы ишетмәйме ни? Күҙҙәрҙе яратыусы күрмәйме? Халыҡтарға өгөт-нәсихәт биреүсе, Кешеләргә өйрәтеүсе яза сығармаҫмы? Раббы белә кешенең уйҙарын: Улар буп-буш, мәғәнәһеҙ. Йә Раббы, ниндәй бәхетле Һинең өгөт-нәсихәтеңде алғандар, Һинең ҡануныңды өйрәнгәндәр. Залимдарға соҡор ҡаҙылғанға тиклем, Һин уларҙы яман көндәрҙән имен һаҡлайһың. Сөнки Раббы халҡын Үҙенән ситкә тибәрмәҫ, Үҙенең биләмәһен ташламаҫ. Хөкөм йәнә ғәҙел булыр, Саф йөрәклеләр хаҡлыҡ артынан барыр. Кем мине залимдарҙан ҡурсалар? Кем яуыздарға ҡаршы көрәштә эргәмдә торор? Әгәр Раббы ярҙамсым булмаһа, Йәнем күптән күсер ине тын донъяға. «Бына-бына аяғым тайыр!» – тигән заманда, Йә Раббы, тоғро мөхәббәтең таяныс булды. Эсем тулы ҡайғы-хәсрәт булған саҡта Йыуатыуың күңелемде шатландыра. Ҡанундар сығарып золом ҡылған яуыз хөкөмдарҙар, Раббы, Һиңә яҡын булырмы һуң? Уларҙың өйөрҙәре тәҡүәгә ташлана, Ғәйепһеҙ йәнде үлемгә хөкөм итә. Әммә Раббы миңә ҡәлғә булды, Ышыҡланыр ҡаям булды Алла. Залимдарҙың яуыз эшен үҙ баштарына төшөрөр, Енәйәттәренә күрә һәләк итер, Аллабыҙ Раббы уларҙы ҡырып ташлар. Килегеҙ, Раббыға һөйөнөшөп өндәшәйек, Беҙҙе ҡотҡарыусы ҡаябыҙға Ҡыуанышып йырлашайыҡ. Алдына баҫайыҡ шөкөрана ҡылып; Шатлыҡлы йырыбыҙҙы бағышлайыҡ! Сөнки Раббы – бөйөк Алла, Барса илаһтар өҫтөнән бөйөк Батша. Ерҙең тәрәнлектәре Уның ҡулында, Тау түбәләре Уның ихтыярында. Уныҡы Үҙе яратҡан диңгеҙ ҙә, Ҡулы бар ҡылған ҡоро ер ҙә. Килегеҙ, сәждә ҡылайыҡ, бөгөләйек, Беҙҙе бар ҡылған Раббы алдында теҙ сүгәйек. Сөнки Ул – беҙҙең Аллабыҙ; Беҙ – Уның көтөүендәге халыҡ, Ҡулының аҫтындағы ҡуйҙарбыҙ. Әгәр ҙә бөгөн Уның тауышын ишетәһегеҙ икән, Тиҫкәре булмағыҙ Меривалағылай, Теге заман сүлдә, Массалағы, һымаҡ. Унда аталарығыҙ Мине һынап маташты, Һынанылар ҙа ҡылған эштәремде күрҙеләр. Ҡырҡ йыл буйы ул быуындан йөҙ борҙом Мин. Әйттем: «Улар – күңелдәре аҙашҡан бер халыҡ, Юлдарымды танымайҙар». Шуға күрә асыуланып Мин ант иттем: «Улар Минең тыныс-имен урыныма Бер ҡасан да инмәйәсәк!» Йырлағыҙ Раббыға яңы йыр! Йырла Раббыға, бар донъя! Йырлағыҙ Раббыға, исемен данлағыҙ, Беҙҙе нисек ҡотҡарғанын көн һайын һөйләгеҙ! Шөһрәтен ҡәүемдәргә иғлан итегеҙ, Хикмәттәрен барса халыҡтарға еткерегеҙ. Сөнки Раббы – бөйөк, сикһеҙ маҡтауға лайыҡ, Ул барса илаһтарҙан да дәһшәтлерәк. Башҡа халыҡтарҙың илаһтары – боттар, Раббы иһә күктәрҙе бар ҡылған. Дәрәжә һәм шөһрәт Уның хозурында, Изге торлағында – ҡеүәт һәм гүзәллек. Эй халыҡтар, Раббыға лайыҡ хөрмәтте күрһәтегеҙ, Ғиззәтле, ҡөҙрәтле Раббыға хөрмәт күрһәтегеҙ! Раббының данлы исемен ололағыҙ, Саҙаҡалар алып ихатаһына инегеҙ! Ғәжәйеп изгелек эйәһе Раббыға сәждә ҡылығыҙ! Эй бөтә ер йөҙө, Уның хозурында ҡалтырап тор! Ҡәүемдәргә: «Раббы – батша!» – тип иғлан итегеҙ. Донъя ныҡ итеп ҡоролған, ул ҡаҡшамаҫ. Раббы халыҡтарға хаҡ хөкөм ҡылыр. Һөйөнһөн күк, тантана итһен ер! Диңгеҙ һәм ундағы йән эйәләре шаулаһын! Ҡырҙар һәм ҡырҙа йәшәгәндәр ҡыуанһын! Урмандағы ағастар шатланып гөрләшһен Раббы хозурында. Сөнки Ул килә, Ер йөҙөн хөкөм итергә килә. Ул донъяны Үҙенең хаҡлығына, Халыҡтарҙы тоғролоғона таянып хөкөм итер. Раббы – батша! Ҡыуанһын ер йөҙө; Шатланһын диңгеҙ буйҙарындағы илдәр! Уны болот һәм ҡараңғылыҡ солғаған; Тәхетенең нигеҙендә – ғәҙеллек менән хаҡ хөкөм. Уның алдынан ут-ялҡын килә, Һәр тарафтағы бөтә дошмандарын яндыра. Йәшене ғаләмде балҡыта, Ер йөҙө быны күреп тетрәнә. Тауҙар Раббы хозурында – Бөтөн ер йөҙөнөң Хакимы алдында – Балауыҙҙай иреп аға. Күктәр һөйләй Уның хаҡлығы хаҡында, Шөһрәтен бөтә халыҡтар күрә. Оятҡа ҡалһын һынға табыныусылар, Хур булһын боттарын данлаусылар! Бөтә илаһтар, сәждә ҡылығыҙ Раббыға! Йә Раббы, Һинең хөкөмдәреңде Сион ишетеп һөйөнә, Йәһүҙә ҡалалары ҡыуаныша. Сөнки бөтә ер йөҙөндә Йә Раббы, иң бөйөгө Һинһең, Һәммә илаһтарҙан Һин өҫтөнһөң! Эй һеҙ, Раббыны һөйгәндәр, яманға нәфрәт тотоғоҙ. Раббы тоғро бәндәләренең йәнен һаҡлай, Уларҙы залимдарҙан ҡотҡара. Тоғроларға нур һибелә, Шатлыҡ яуа саф йөрәклеләргә. Эй тәҡүәләр, Раббы ҡыуанысығыҙ булһын, Мөҡәддәс исеменә шөкөр итегеҙ! Мәҙхиә. Раббыға яңы йыр йырлағыҙ, Сөнки мөғжизәләр ҡылды; Уң ҡулы, мөҡәддәс беләге менән еңеү ҡаҙанды. Раббы Үҙенең ҡотҡарыуын белдерҙе, Ҡәүемдәргә хаҡлығын күрһәтте. Исраил нәҫеленә булған мөхәббәтен, Тоғролоғон онотманы; Ер йөҙөнөң һәр тарафы Аллабыҙҙың ҡотҡарыуын күрҙе. Бөтә донъя, сәләмлә Раббыны! Күңел ас, шатлан һәм йырла! Лирала уйнап, йырлағыҙ Раббыға, Уны маҡтап мәҙхиә һуҙығыҙ! Борғо һәм мөгөҙ ауазы яңғыратып Раббы-Батша хозурында тантана итегеҙ. Шаулаһын диңгеҙ һәм унда йәшәгәндәр, Донъя һәм уны төйәк иткәндәр. Йылғалар алҡышлаһын, Шатланһындар бергәләшеп тауҙар Раббы хозурында! Ул ер йөҙөн хөкөм итергә килә. Ул донъяға ғәҙелдәрҙән-ғәҙел, Халыҡтарға хаҡтан-хаҡ хөкөмөн ҡыла. Раббы – батша! Ҡалтырап торһон халыҡтар! Ул – кирубтар өҫтөндәге тәхетендә, Әйҙә тетрәнһен ер йөҙө! Сионда Раббы бөйөк, Ул бөтә халыҡтарҙан да өҫтөн. Данлаһындар бөйөк һәм дәһшәтле исемеңде. Ул мөҡәддәс! Эй ғәҙеллек һөйгән ҡөҙрәтле Батша, Һин дөрөҫлөктө урынлаштырҙың. Яҡуп илендә ғәҙеллеккә, Хаҡлыҡҡа нигеҙләнгән ғәмәлдәр ҡылаһың. Ололағыҙ Аллабыҙ Раббыны, Аяғына йығылып сәждә ҡылығыҙ! Ул мөҡәддәс! Ҡаһиндары араһында – Муса менән Һарун, Шемуил да Уны саҡырғандар менән бергә. Улар Раббыға ялбарҙы, Ә Раббы яуап ҡайтарҙы. Ул болот бағанаһы эсенән һөйләште. Уның күрһәтмәләре менән йәшәнеләр, Биргән ҡағиҙәһен һаҡланылар. Раббы, Аллабыҙ, уларға яуап ҡайтара инең; Ғәмәлдәренә күрә яза бирһәң дә, Ярлыҡаусы Алла булдың. Ололағыҙ Аллабыҙ Раббыны! Уға сәждә ҡылығыҙ изге тауында, Сөнки Аллабыҙ Раббы мөҡәддәс! Шөкөр мәҙхиәһе. Гөрләшеп сәләмлә Раббыны, бар донъя! Раббыға ҡыуанып хеҙмәт итегеҙ, Хозурына шатлыҡ йырҙары менән килегеҙ! Белегеҙ, Раббы Ул – Алла. Ул яратты беҙҙе. Беҙ – Уныҡы, Уның халҡы, Уның көтөүендәге ҡуйҙар беҙ. Ҡапҡаһынан, рәхмәт уҡый-уҡый, Инегеҙ ихатаһына маҡтай-маҡтай. Ҙурлағыҙ Уны, шөкөр итегеҙ исеменә. Раббы игелекле, Уның тоғро мөхәббәте – мәңгелек, Тоғролоғо – быуындан-быуынға күсә. Дауыттың мәҙхиәһе. Мөхәббәтең менән ғәҙеллегеңде көйгә һалырмын, Һиңә, Раббым, мәҙхиә йырлармын. Минең бар уйым – камил юлдар хаҡында. Ҡасан килерһең минең яныма? Саф күңел менән ғүмер итермен өйөмдә, Бер ниндәй ҙә яуызлыҡҡа юл ҡуймамын, Ҡырын эштәргә нәфрәт тотормон, Улар миңә йоға алмаҫ һис ҡасан. Йыраҡ булыр минән боҙоҡ күңел, Ә залимлыҡ – белгән-түҙгән нәмәм түгел. Ҡыуалармын яҡынына йәшерен яла яҡҡанды, Түҙеп тормам тәкәббергә, өҫтән аҫҡа баҡҡанға. Күҙем булыр илдәге тоғроларҙа, Тик шундайҙар минең янда йәшәйәсәк. Бары дөрөҫ юлдан йөрөгәндәр Миңә хеҙмәт күрһәтәсәк. Өйөмдә мәкерлегә урын булмаҫ, Ялған ауыҙ күҙ алдымда оҙаҡ тормаҫ. Иртә һайын илдәге яуыздарҙы юҡ итермен, Яман эш ҡылыусыларҙы Раббы ҡалаһынан йолҡоп ырғытырмын. Хәсрәткә батҡан бәндәнең доғаһы. Хәлдән тайғас, Раббыға зарын түккәндә. Йә Раббым, доғамды ишет, Ялбарыуҙарым Һиңә барып олғашһын. Ҡайғылы көнөмдә йөҙөңдө йәшермә минән, Ҡолаҡ һал, саҡырғанымда йәһәтерәк яуап ҡайтар. Көндәрем төтөн һымаҡ юғала бара, Елегемде өтә һыҙланыуым утлы ҡуҙҙай. Йөрәгем һулыны ҡороған үлән һымаҡ, Тамағымдан үтмәй ҡапҡан ризыҡ. Көн-төн әрнеп иңрәүемдән Ҡоро һөйәк тә тирегә ҡалдым, Гүйә сүлдәге ябалаҡ, Харабалағы өкөгә әйләнгәнмен. Күҙҙәремдән йоҡо ҡасты, ултырамын Ҡыйыҡҡа ҡунған яңғыҙ ҡош һымаҡ. Көн оҙоно дошмандарым хурлай; Мыҫҡыллаусылар исемемде ләғнәт уҡығанда ҡуллана. Көндәрем киске күләгәләй ҡыҫҡарҙы; Үлән шикелле ҡыуарҙым. Ә Һин, Раббы, мәңге тәхетеңдә ултыраһың, Шөһрәтең быуындан-быуынға күсә бара. Ҡалҡырһың да Сионға мәрхәмәт күндерерһең, Сөнки билдәләнгән ваҡыт – Уға шәфҡәт күрһәтергә мөҙҙәт етте. Сөнки Һинең ҡолдарыңа уның таштары ла ғәзиз, Хатта уның саң-туҙанын да йәлләйҙәр. Ҡәүемдәр – Раббының исеменән, Ер йөҙөндәге бөтә батшалар Уның шөһрәтенән ҡурҡасаҡтар. Сөнки Раббы Сионды яңынан ҡорор, Үҙенең бар шөһрәтендә пәйҙә булыр. Ярҙамға мохтаждарҙың доғаһына Ул ҡолаҡ һалыр, Уларҙың ялбарыуҙарын ҡабул ҡылыр. Былар киләсәк быуын өсөн яҙып ҡуйылһын, Әле тыумағандар Раббыға маҡтау йырлаһын. Тормош юлымда Раббы хәлемде алды, Ғүмеремдең көндәрен ҡыҫҡартты. Әйттем: «Эй Аллам, ғүмерем уртаһында Минең йәнемә ҡул һуҙма, Һинең йылдар быуындан-быуынғаса һуҙыла. Ер нигеҙен әүәл-әүәлдәрҙән ҡорҙоң, Күктәр – Һинең ҡулдарыңдың эше. Улар бөтөр, Һин мәңге ҡалырһың; Барыһы ла кейем кеүек туҙыр, Иҫке көпөләй уларҙы алмаштырырһың. Шулай итеп улар юҡҡа сығыр. Ә Үҙең үҙгәрешһеҙ ҡалырһың, Ғүмер йылдарың һис ҡасан тамамланмаҫ. Бәндәләреңдең бала-сағаһы йәшәй бирер, Уларҙың тоҡомдары хозурыңда ныҡ торор». Дауыттың мәҙхиәһе. Шөкөрана ҡыл Раббыға, йәнем! Изге исемен данла, бөтә булмышым! Шөкөрана ҡыл Раббыға, йәнем! Ҡылған яҡшылыҡтарын онотма! Ул бар гонаһтарыңды ярлыҡай, Бөтә сирҙәреңә шифа бирә. Йәнеңде үлем соҡоронан йолоп ала, Тоғро мөхәббәт, шәфҡәттең тажын башыңа кейҙерә. Ғүмерең буйы бәрәкәтенә туйҙыра, Бөркөттөкөләй йәшлегеңде яңыртып тора! Раббы бөтә иҙелгәндәргә Хаҡлыҡ һәм ғәҙеллек ҡыла. Юлдарын – Мусаға, Ғәмәлдәрен Исраил халҡына күрһәтеп биргән. Раббы рәхимле һәм мәрхәмәтле, Сикһеҙ түҙемле һәм оло мөхәббәтле. Гелән беҙгә ғәйеп ташлап тормаҫ, Асыуы ла мәңгелеккә бармаҫ. Беҙгә гонаһтарыбыҙға ҡарап сара күрмәҫ, Енәйәттәребеҙҙең ҡоһорон ҡайтармаҫ. Сөнки күктәр ерҙән ни ҡәҙәрле бейек булһа, Үҙенән ҡурҡҡандарға Раббының мөхәббәте шулай ҙур. Көнсығыш көнбайыштан ни ҡәҙәр алыҫ булһа, Гонаһтарыбыҙҙы беҙҙән шулай йыраҡлатты. Ата балаларына нисек рәхимле булһа, Раббы Үҙенән ҡурҡҡандарға шулай шәфҡәтле. Сөнки Ул нисек яратылғаныбыҙҙы белә, Тупраҡ булғаныбыҙ Уның хәтерендә. Әҙәм ғүмере – гүйә бер үлән; Ялан гөлө һымаҡ сәскә атыр, Өҫтөнән ел иҫкәндән юҡ булыр, Үҫкән ерендә эҙе лә ҡалмаҫ. Әммә Раббының тоғро мөхәббәте Мәңгеләрҙән мәңге Үҙенән ҡурҡҡандар менән бергә! Тоғролоғо иһә уларҙың балаларының балаларына етә. Уның менән килешеүҙе онотмаған, Бойороҡтарын теүәл үтәгән һәр быуынға Уның ғәмәлдәре ғәҙел. Раббы тәхетен күктәргә ҡорған, Хакимлығы Уның һәр тарафта. Шөкөрана ҡылығыҙ Раббыға, Эй һеҙ, Уның фәрештәләре, Уның һүҙҙәрен тыңлаған, Әйткәндәрен ғәмәлгә ашырған ҡөҙрәт эйәләре! Шөкөрана ҡылығыҙ Раббыға, Уның барлыҡ ғәскәрҙәре! Уның ихтыярын ғәмәлгә ашырған хеҙмәтселәр! Эй Раббыбыҙ бар ҡылғандарҙың һәммәһе! Ул хакимлыҡ иткән һәр урында Раббыға шөкөрана ҡылығыҙ! Шөкөрана ҡыл Раббыға, йәнем! Шөкөрана ҡыл Раббыға, йәнем! Эй Раббым, Аллам! Һин ниндәй бөйөк, Дәрәжә менән шөһрәткә сорналғанһың. Нурға кейем һымаҡ төрөнгәнһең, Күктәрҙе сатыр кеүек киргәнһең. Йортоңдо юғарылағы һыуҙар өҫтөнә ҡорғанһың, Болоттарҙы Үҙенә арба итәһең, Елдең ҡанаттарында гиҙәһең. Елдәрҙе Үҙеңә – илсе, Ялҡынланған утты хеҙмәтселәрең итәһең! Ер йөҙөн ныҡлы нигеҙгә ҡуйҙың, Бер ваҡытта ла һелкенмәҫ, тинең. Һин уны, кейемгә төргән һымаҡ, Төпһөҙ даръя менән ҡаплағанһың, Хатта тау түбәләрен дә һыуҙар күмгән. Дәһшәтле ауазыңдан һыуҙар сигенгән, Күкрәгәнеңдән ҡурҡып ашыҡҡан. Тауҙар өҫтөнән, үҙәндәр буйлап, Һин уларға тәғәйен иткән ергә аҡҡан. Һин билдәләгән сиктән үтмәҫтәр, Инде ташып донъяны баҫмаҫтар. Яландарҙа шишмәләр урғылттың; Уларҙы тауҙар араһынан ағыҙҙың. Бөтөн кейек-януарҙарҙы һуғаралар; Ҡырағай ишәктәр һыуһын ҡандыралар. Ярҙарында оя ҡора ҡоштар, Ботаҡтарға ҡунып һайрашалар. Юғарылағы йортоңдан тауҙарҙы Һин һуғараһың, Эштәреңдең емештәре менән донъя тултыраһың. Мал-тыуарҙар өсөн – үлән, Кешенең ихтыяжына иген үҫтерәһең, Тупраҡтан ризыҡ алһындар, тиһең. Күңелдәрҙе күтәргән шарапты, Йөҙҙәрҙе ялтыратҡан зәйтүн майын, Тәнгә ҡеүәт өҫтәр икмәкте бирәһең. Туйғансы һыу эсер Раббы ағастары, Ул Ливанда ултыртҡан кедрҙар. Ҡоштар унда ояларын ҡора, Шыршылар – ҡауҙылар өсөн төйәк. Бейек тауҙар – ҡыр кәзәләренә, Таш ҡаялар – дамандарға ышыҡ. Ваҡытты билдәләү өсөн айҙы яратҡан, Ҡояш та ҡасан байырын белә. Төн булһын тип эңер төшөрәһең, Ҡырағай йәнлектәр ҡыҙырырға сыға. Арыҫландар ырылдап ауға йүнәлә, Алла ебәргән ризыҡты эҙләй. Ҡояш ҡалҡҡас, улар кире ҡайта, Үҙҙәренең өңдәрендә ята. Кеше үҙенең эшенә китә, Ҡара кискә тиклем хеҙмәт итә. Йә Раббы, Һинең ижад емешең төрлө-төрлө! Барыһын аҡыллы яратҡанһың; Ер йөҙө тулы Һин бар ҡылған менән. Бына икһеҙ-сикһеҙ тәрән диңгеҙ, Унда ҡайнаша һанһыҙ мәхлүктәр, Эреле-ваҡлы йәнлектәр; Унда караптар йөҙәләр, Һин бар ҡылған Ливъяҫан уйнаҡлап йөрөй. Улар һәммәһе лә Һине көтә, Ваҡытында ашарға бирер, тип өмөт итә. Ем бирәһең – туҡланалар, Усыңды асһаң – рәхәтләнеп туйыналар. Йөҙ йәшерһәң, ҡурҡыуға ҡалалар; Һин һулыштарын алһаң, үләләр, Йәнә тупраҡҡа ҡайталар. Рухыңды ебәргәндә улар бар була, Ер йөҙөн Һин шулай яңыртаһың. Мәңге йәшәһен Раббы шөһрәте! Һөйөнһөн Раббы ижадының емештәренә! Ул ҡараһа, ер тетрәр Ул ҡағылһа, тауҙар төтәр. Раббыма ғүмерем буйы мәҙхиә йырлармын, Бар сағымда Аллама маҡтау яуҙырырмын. Уйҙарым Уның күңеленә хуш килә күрһен, Раббым – ҡыуанысым булһын! Бөтһөн был донъяла гонаһлылар, Башҡаса булмаһындар залимдар! Шөкөрана ҡыл Раббыға, йәнем! Раббыны данлағыҙ! Раббыға шөкөр итегеҙ, исеме менән саҡырығыҙ, Ғәмәлдәрен халыҡтар араһында иғлан итегеҙ! Уға йырлағыҙ, көй сығарығыҙ, Бөтә мөғжизәләрен бәйән итегеҙ! Уның мөҡәддәс исеме менән маҡтанығыҙ, Раббыны эҙләгәндәрҙең күңелдәре шат булһын! Раббыға, Уның ҡеүәтенә өмөт бағлағыҙ, Бер туҡтауһыҙ Уға ынтылығыҙ! Ул – беҙҙең Аллабыҙ Раббы, Уның хөкөмө – бөтә ер йөҙөндә. Уны Яҡупҡа ҡағиҙә итеп ҡуйҙы, Уның Исраил менән килешеүе – мәңгелек! Әйтте: «Һиңә Ҡәнғән ерен бирәм, Ул өлөшөгөҙгә төшкән биләмә булыр». Ул заманда һандары аҙ, бик аҙ ине, Был илдә улар бары килмешәк булды. Ҡыҙырҙылар бер ҡәүем араһынан икенсеһенә, Бер батшалыҡтан башҡа халыҡҡа. Уларҙы Раббы һис бер йәбергә бирмәне, Улар хаҡында батшаларҙы киҫәтеп торҙо: «Минең мәсихтәремә һеҙ ҡағылмағыҙ, Пәйғәмбәрҙәремә яманлыҡ ҡылмағыҙ». Ул илгә ҡытлыҡ күндерҙе, Тәғәм ризыҡ ҡалдырманы. Әммә быларҙан алда берәүҙе ебәрҙе: Был ҡоллоҡҡа һатылған Йософ ине. Аяҡтарына уның бығау һалдылар, Муйынына тимер ҡоршау кейҙерҙеләр. Әйткән һүҙе ғәмәлгә ашҡансы, Раббының һүҙе уны һынаны. Кеше ебәртеп батша Йософто азат итте, Халыҡтар хакимы уны иреккә сығарҙы. Уны һарайына хужа итеп ҡуйҙы, Бар байлығын ҡулына тапшырҙы. Түрәләрҙе нисек теләй, шулай эшләтһен, Аҡһаҡалдарға аҡыл өйрәтһен, тине. Шул саҡ Исраил Мысырға килеп төштө, Күсеп Хам ерендә төйәкләнде Яҡуп. Раббы Үҙ халҡын бик ныҡ үрсетте, Уны дошмандарынан ҡеүәтле итте. Дошмандарында халҡына нәфрәт уты тоҡандырҙы, Үҙ ҡолдарына ҡаршы мәкер ҡорҙорҙо. Шунан Раббы Үҙенең ҡоло Мусаны һәм Һайлап алған Һарунды ебәрҙе. Улар мысырҙар араһында, Хам ерендә, Раббы әйткән билдәләрҙе, мөғжизәләрҙе күрһәтте. Ҡараңғылыҡ ебәреп илде сорнаны, Һәм мысырҙар Уның һүҙенә ҡаршы тора алманы. Ҡанға әйләндерҙе һыуҙарын, Үлтерҙе балыҡтарын. Илдә бик күп тәлмәрйендәр хасил булды, Хатта батшаның бүлмәләренә тулды. Раббының бойороғо менән күгәүендәр мыжғыны, Илгә себен-серәкәй өйөрө тулды. Ямғыр урынына боҙ яуҙырҙы, Бөтә илдә йәшенен йәшнәтте. Йөҙөм, инжир баҡсаларын ҡоротто, Бөтә ағастарҙы ҡырып бөттө. Әмер бирҙе: саранчалар ябырылды, Һәр тарафты ҡорт-ҡарышлауыҡ баҫты. Улар бар үләнде ашап бөттө, Ҡалдырманы баҫыуҙағы уңышты. Раббы илдәге һәр беренсе тыуған ир баланы – Ирлек ҡеүәтенең тәүге емешен һәләк итте. Үҙ халҡын иһә алтын-көмөшкә байытып алып сыҡты, Ырыуҙар араһында һөрлөккән һис берәү булманы. Мысырҙар Исраилдан ҡурҡып ҡалғайны, Шуға улар китеүгә һөйөндө. Раббы болотто халҡының өҫтөнә пәрҙәләп япты, Төндә яҡтыртып барырға бирҙе утты. Һоранылар: бүҙәнәләр ебәрҙе, Күк икмәге менән туйындырҙы. Раббы ҡая ярҙы – һыу урғылды, Ҡоро ерҙә йылға булып аҡты. Сөнки ҡоло Ибраһимға биргән Мөҡәддәс вәғәҙәһен иҫендә тотто. Үҙенең халҡын ҡыуаныс менән, Үҙе һайлап алғандарҙы шатлыҡ эсендә алып сыҡты. Уларға ят ҡәүемдәрҙең ерен бирҙе, Ошо халыҡтарҙың байлығын Исраил мөлкәт итеп алды. Әйҙә, Уның ҡағиҙәләрен теүәл үтәһендәр, Ҡанундарына тоғро булһындар! Раббыны данлағыҙ! Раббыны данлағыҙ! Раббыға шөкөр итегеҙ, Ул игелекле, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек! Раббының ҡөҙрәтле эштәрен кем һөйләп бирә алыр? Уға лайыҡлы маҡтауҙы кем ишеттерер? Бәхетлелер ғәҙеллеккә таянғандар, Һәр саҡ тоғро ғәмәлдәр ҡылғандар! Хәтерлә мине лә, Раббы, халҡыңа хуш күңел менән ҡарағанда; Уларҙы ҡотҡарғанда мине лә ҡайғырт. Үҙеңә һайлап алғандарҙың бәхетен күрәйем, Халҡыңдың һөйөнөсөнә мин дә һөйөнәйем, Биләмәңдең ҡыуанысын уртаҡлашайым. Ата-бабаларыбыҙ кеүек беҙ гонаһ ҡылдыҡ, Енәйәт эшләнек, яуызлыҡҡа баттыҡ. Аталарыбыҙ Мысырҙа саҡта Ҡылған мөғжизәләреңде аңламаны, Уның мул тоғро мөхәббәтен онотоп, Ҡамышлы диңгеҙ янында баш күтәрҙе. Әммә Раббы ҡөҙрәтен күрһәтер өсөн Исеме хаҡына йолоп алды. Ҡамышлы диңгеҙгә янаны – һыуы ҡороно; Тәрәнлектән сүл өҫтөндәгеләй алып сыҡты. Үҙҙәренә нәфрәт тотҡандарҙан ҡотҡарҙы, Дошмандарының ҡулынан йолоп алды. Баҫтырыусыларын һыуҙар йотто, Береһе лә ҡотола алманы. Шунда исраилдар Раббының һүҙенә инандылар, Уға маҡтау йырланылар. Тик Раббының эштәрен тиҙ оноттолар, Уның кәңәштәрен көтмәнеләр. Улар сүлдә төрлө ризыҡ көҫәнеләр, Далала Алланы һынанылар. Алла уларға теләгәндәрен бирҙе, Әммә араларына яман сир күндерҙе. Улар тупламда Муса менән Һарундан, Раббының изге ҡаһинынан, көнләштеләр, Ер ярылды ла Даҫанды йотто, Авирамды, уның яҡлыларҙы упты. Уларҙың араһына ут төштө, Залимдарҙы ялҡын ялмап алды. Улар Хоревта бер үгеҙ башмаҡ һыны яһанылар, Шул ҡойолған ботҡа табындылар. Үҙҙәренең шөһрәтен – Алланы – Үлән ейгән үгеҙ һынына алмаштырҙылар. Оноттолар үҙҙәрен ҡотҡарыусы Алланы, Мысырҙа бөйөк хикмәттәр ҡылыусыны; Уның Хам ерендәге мөғжизәләрен, Ҡамышлы диңгеҙендәге дәһшәттәрен. Шул арҡала Раббы уларҙы юҡ итмәк булды, Әммә Муса – Алла һайлаған зат, Уның ҡаршыһына баҫып, Һәләкәтле ярһыуынан алып ҡалды. Һуңыраҡ улар гүзәл ерҙе кире ҡаҡты, Алланың вәғәҙәһенә ышанманы. Сатырҙарында зарланыштылар, Раббының әйткәндәрен тыңламанылар. Раббы ҡулын күтәреп ант итте – Сүллектә уларҙы ҡолатырға, Тоҡомдарын ҡәүемдәр араһына таратырға, Төрлө илдәргә сәсергә ниәт тотто. Улар Пеғор Бәғеленә табына башланы, Үлеләргә килтерелгән ҡорбандарҙы ашаны. Был ҡылыҡтары Раббының асыуын ҡабартты, Араларында ҡырғын таралды. Әммә Пинхас тороп араға төштө, Шунда үләттән ҡырылыш туҡтап ҡалды. Уның был яҡшылығы тәҡүәлек билдәһе булып, Быуындан-быуынға мәңге тапшырылыр. Мерива һыуҙары буйында йәнә Улар Раббыны асыуландырҙы; Шул арҡала Мусаның башына ҡаза килде. Улар Мусаның йәнен көйҙөрҙөләр, Һәм ул уйламай һөйләп ташланы. Раббы бойорған халыҡтарҙы юҡ итмәнеләр, Ят ҡәүемдәр менән аралашып, Уларҙың ғәҙәт-ҡылыҡтарын оттолар. Уларҙың боттарына табынып, Тоҙаҡтарына ҡаптылар. Үҙҙәренең улдары менән ҡыҙҙарын Ендәргә ҡорбан иттеләр. Ҡәнғән боттарына ҡорбан итеп, Улдары һәм ҡыҙҙарының Бер гонаһһыҙға ҡанын түктеләр; Ҡан менән ерҙе нәжесләнеләр. Эштәре менән үҙҙәрен бысраттылар, Ғәмәлдәре менән аҙғынлыҡҡа баттылар. Шунда Раббы Үҙ халҡына асыуланды, Үҙенең биләмәһенән ерәнә башланы. Уларҙы ҡәүемдәр ҡулына тапшырҙы, Дошмандары уларға хаким булды. Уларҙы күрә алмаусылар аяуһыҙ иҙҙе, Улар буйһонорға мәжбүр булды. Раббы уларҙы бик күп тапҡыр ҡотҡарҙы, Әммә улар һаман башбаштаҡлыҡ күрһәтте, Енәйәттәре арҡаһында түбәнһетелде. Шулай ҙа Раббы халҡының зарын ишетте, Уларҙың хәсрәтен күрҙе. Улар менән килешеүен иҫенә төшөрҙө, Сикһеҙ мөхәббәте хаҡына шәфҡәт күрһәтте. Мәрхәмәт һеңдерҙе уларҙы әсир иткәндәр күңеленә. Ҡотҡар беҙҙе, эй Раббы, Аллабыҙ! Беҙ мөҡәддәс исемеңә шөкөр итһен, Һинең шөһрәтең менән маҡтанһын өсөн, Йыйып ал беҙҙе ҡәүемдәр араһынан. Раббы, Исраил Аллаһы Мәңге-мәңгегә мөбәрәк булһын! Барса халыҡ әйтһен: «Амин!» Раббыны данлағыҙ! Раббыға рәхмәт уҡығыҙ, Ул игелекле, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек! Шулай тиһен Раббынан ҡотолоу алғандар, Ул дошман ҡулынан тартып алынғандар; Раббы уларҙы көнсығыш, көнбайыштан, Көньяҡ менән төньяҡтан тупланы, Күп илдәрҙән уларҙы йыйып алды. Ҡайһылары һыуһыҙ сүлдә аҙашып йөрөнө, Кеше йәшәгән ҡалаға юл тапманы. Улар асығып, сарсап хәлдән тайғайны, Үлем сигенә еткәйне. Хәсрәт эсенән Раббыға ялбарҙылар, Раббы уларҙы бәләләрҙән йолоп алды. Төйәкләнер ҡалаға барып етһендәр өсөн, Раббы уларҙы тоғро юлдан етәкләне. Тоғро мөхәббәте өсөн улар Раббыға рәхмәт уҡыһын! Әҙәм балаларына ҡылған хикмәттәре өсөн шөкөрана ҡылһын! Сөнки Ул сарсаған йәндәрҙе һуғара, Астарҙы игелек менән туйындыра. Ҡайһылары әсирлектә, дәһшәтле һәм шомло ҡараңғыла, Тимер бығауҙарҙа, хәсрәт эсендә йәшәне. Улар Алланың һүҙенә ҡаршы килде, Юғарыларҙан Юғарының ихтыярын һанға һуҡманы. Шуға Раббы уларҙы ауыр эш менән йыуашайтты, Улар хәлдән тайып ҡолағанда, ярҙам итеүсе булманы. Хәсрәт эсенән улар Раббыға ялбарҙылар; Раббы уларҙы бәләләрҙән ҡотҡарҙы. Уларҙы ҡараңғылыҡтан, Шомло ҡараңғылыҡтан сығарҙы, Бығауҙарын селпәрәмә өҙҙө. Тоғро мөхәббәте өсөн улар Раббыға рәхмәт уҡыһын! Әҙәм балаларына ҡылған хикмәттәре өсөн шөкөрана ҡылһын! Сөнки Ул баҡыр ишектәрҙе емерҙе, Тимер биктәрен һындырҙы. Алйоттары иһә енәйәтсел юлдары, Ғәҙелһеҙлектәре өсөн ғазап сикте. Уларҙың йәне ризыҡтан биҙгәйне, Үлем ҡапҡаһына килеп еткәйнеләр. Хәсрәт эсенән Раббыға ялбарҙылар, Раббы уларҙы бәләләрҙән ҡотҡарҙы. Һүҙен ебәреп уларҙы һауыҡтырҙы, Үлем соҡоронан ҡотҡарып алып ҡалды. Тоғро мөхәббәте өсөн улар Раббыға рәхмәт уҡыһын! Әҙәм балаларына ҡылған хикмәттәре өсөн шөкөрана ҡылһын! Рәхмәт әйтеп ҡорбандар салһындар; Шатлана-шатлана Уның ҡылғандарын һөйләһендәр. Ҡайһылары караптарҙа диңгеҙ гиҙҙе, Икһеҙ-сикһеҙ һыуҙарҙа юлдар ярҙы. Улар – Раббының ғәмәлдәренә шаһит булды, Даръяларҙа Уның мөғжизәләрен күрҙе. Уның бойороуы була – дауыл ҡуба; Бейек-бейек тулҡындар ҡалҡына. Караптар күккә аша һәм тәрәнлеккә сума, Афәттән диңгеҙселәрҙең йәне сыға яҙа. Улар иҫерек кеүек сайҡала, Оҫталыҡтарынан бармы файҙа? Хәсрәт эсенән улар Раббыға ялбарҙылар; Раббы уларҙы бәләләрҙән ҡотҡарҙы. Ул ғәрәсәтте туҡтата, Тулҡындар шунда уҡ тыныслана. Тынлыҡҡа шатланған диңгеҙселәрҙе Раббы теләгән ерҙәренә алып бара. Тоғро мөхәббәте өсөн улар Раббыға рәхмәт уҡыһын! Әҙәм балаларына ҡылған хикмәттәре өсөн шөкөрана ҡылһын! Маҡтаһындар Уны халыҡ йыйынында, Данлаһындар аҡһаҡалдарҙың ҡоронда. Раббы йылғаларҙы сүлгә әйләндерә, Инештәрҙе ҡорғаҡһыған тупраҡ итә. Шунда йәшәүселәрҙең золомо арҡаһында, Уңдырышлы тупраҡты тоҙлоға әүерелдерә. Сүлде иһә Ул күл итә, Ҡоро далала шишмәләр урғылдыра. Ас-мохтаждарҙы шунда төйәкләндерә, Улар йәшәр өсөн ҡалалар ҡора, Игендәр сәсә, йөҙөм ултырта, Ҡырҙарҙан мул уңыш ала. Улар Раббы фатихаһы менән бик ныҡ үрсей, Раббы мал-тыуарҙарын ишәйтә. Иҙелеү, бәлә-ҡаза һәм ҡайғыларҙан Улар йәнә кәмегән, түбәнһетелгән саҡта Аҡһөйәктәр өҫтөнә Раббы хурлыҡ яуҙыра, Юлһыҙ ерҙәрҙә уларҙы аҙаштыра. Әммә фәҡирҙе һәләкәттән ҡотҡара, Ғаиләһен ҡуй көтөүеләй үрсетә. Быны күреп саф йөрәклеләр шатлана, Боҙоҡтарҙың ауыҙы ябыла. Кем аҡыллы, быны күңелендә тотһон, Раббының сикһеҙ мөхәббәтен аңлаһын. Йыр. Дауыттың мәҙхиәһе. Эй Алла, күңелем тоғро Һиңә! Бар булмышым менән Һиңә көйләрмен, Мәҙхиәләр йырлармын. Уян, лирам, уян арфам, Таңғы шәфәҡте мин уятайым! Йә Раббы, халыҡтар араһында Һиңә рәхмәттәр уҡырмын; Өммәттәр араһында Һиңә маҡтау йырлармын. Тоғро мөхәббәтең күктәрҙән юғары, Тоғролоғоң болоттарҙан аша. Йә Алла, асмандан да юғарыраҡ ҡалҡ, Шөһрәтең бар ер йөҙөн иңләһен! Һөйөклөләрең ҡотолһон тиһәң, Уң ҡулың менән йолоп ал беҙҙе, Миңә яуап ҡайтар! Алла Үҙенең мөҡәддәс торлағында былай тине: «Тантана менән Шәхәмде бүлгеләрмен, Суккоҫ үҙәнен үлсәрмен. Ғилғәд – Минеке, Менашше ла Минеке; Әфраим – башыма кейгән тимер торҡам. Йәһүҙә – хакимлыҡ таяғым. Моав – йыуыныр ялғашым; Эдомға ҡатамды ырғытырмын, Пелешеҫ ерендә еңеү ораным яңғырар». Кем мине нығытмалы ҡалаға алып инер? Кем миңә Эдомға тиклем юл күрһәтер? Эй Алла, Һин Үҙең беҙҙе ташламаныңмы ни? Ғәскәрҙәребеҙ башында яу сапмайһың. Дошманды еңергә ярҙам итсе беҙгә, Кешенең ярҙамынан файҙа юҡ. Алла менән ҡеүәтебеҙ артыр, Ул дошмандарыбыҙҙы тапап ташлар. Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе. Эй Алла, Һиңә маҡтау яуҙырам! Өнһөҙ ҡалма! Яуыздар һәм мәкерлеләр миңә ҡаршы ауыҙ асҡан, Ялғансы телдәре менән мине яманлайҙар. Нәфрәт тулы һүҙҙәре мине ҡаманы, Бер сәбәпһеҙгә һөжүм итәләр. Уларҙы яратыуыма ҡарамаҫтан, Мине ғәйепләйҙәр; Ә мин яуап итеп доға ҡылам. Ашыма ҡаршы улар таш ата, Дуҫлыҡҡа нәфрәт менән яуап ҡайтара. Эй Алла, дошманымды яман әҙәм ҡулына тапшыр, Уның уң яғына ғәйепләүсе баҫһын! Хөкөм мәлендә хаҡһыҙға сыҡһын, Хатта доғаһы гонаһ һаналһын! Әйҙә ғүмере ҡыҫҡарһын, Уның вазифаһын башҡа берәү биләһен! Етем булһын балалары, Тол булып ҡалһын ҡатыны! Улдары хәйер һорап теләнселәһен, Емерек өйөнән дә ҡыуылып сыҡһын! Бар нәмәһе бурысын түләүгә китеп бөтһөн; Эшләп тапҡан малын яттар талап китһен! Бер кемдә лә мәрхәмәт тапмаһын, Үкһеҙҙәренә шәфҡәт күрһәтеүсе булмаһын! Нәҫел-нәсәбе ҡороһон, Исеме килер быуында юҡҡа сыҡһын! Ата-бабаларының ғәйебен Раббы гел иҫендә тотһон, Әсәһенең гонаһтарын да һис онотмаһын! Гонаһтары гел Раббының күҙ алдында торһон, Ә үҙҙәре хаҡындағы хәтирәне Раббы ер йөҙөнән юйып ташлаһын! Сөнки ул шәфҡәт ҡылыуҙы уйламаны, Ярлы-мохтажды, күңеле китектәрҙе эҙәрләп, Уларҙы һәләк итергә тырышты. Ул ҡарғышты яратты, Үҙ башына ҡарғыш төшһөн! Фатиха ҡылырға яратманы, Үҙенән фатиха йыраҡ китһен! Кейем кеүек кейһен ул ҡарғышты, Һыу кеүек эсенә тулһын, Ҡарғыш май һымаҡ һөйәктәренә һеңһен! Өҫтөндәге күлдәге кеүек ҡаплаһын, Һәр саҡ быуған билғау һымаҡ булһын. Мине ғәйепләүселәргә, Миңә ҡаршы яманлыҡ һөйләүселәргә Раббы шулай яза бирһен! Ә миңә Раббы Хакимым, Исемең хаҡына игелек ҡыл; Сөнки мөхәббәтең сикһеҙ, ҡотҡар! Мин иһә бисара бер фәҡирмен, Йөрәге яралы бер әҙәммен. Киске күләгә һымаҡ юҡ булып барам, Мине сиңерткәләй һелкеп төшөрҙөләр. Аш бармағандан тубыҡтарым тотмай; Тире менән һөйәк ҡалды тәнем. Әҙәм көлкөһөнә тороп ҡалдым; Мине күргәндәр баш сайҡай! Йә Раббы Аллам, ярҙам итһәнә; Ҡотҡар тоғро мөхәббәтең хаҡына! Белһендәр был Һинең ҡулыңдан булғанды, Раббым, быны Һин ҡылғанды! Улар мине ҡарғаһын, Һин фатиха бир, Улар баш ҡалҡытһын, мәсхәрәгә ҡалһын, Ә мин ҡолоң иһә ҡыуанайым. Дошмандарым хурлыҡҡа ҡапланһын, Оятҡа сапан кейгәндәй төрөнһөндәр! Телем Раббыға шөкөрана яуҙырыр, Күптәр араһында мин Уны данлармын; Сөнки Ул ғәйепләүселәрҙән ҡотҡарыр өсөн Ярлы-мохтаждың уң яғында тора. Дауыттың мәҙхиәһе. Раббы минең хакимыма әйтте: «Мин дошмандарыңды баҫҡыс итеп Аяҡ аҫтыңа һалғанға тиклем, Уң яғымда ултыр». Раббы һиңә Сиондан ҡөҙрәтле таяғын күндерер: «Дошмандарың араһында баш булып тор!» Көсөңдө күрһәткән көндө Халҡың ихлас артыңдан эйәрер. Мөҡәддәс данға бөркәнеп, Таңдың бәғеренән тыуған ысыҡ кеүек, Һиңә йәшлегең килер. Раббы ант итте һәм ҡарарынан ҡайтмаҫ: «Һин Мәлки-Садиҡ дәрәжәһендәге Мәңгелек ҡаһинһың!» – тине. Раббы Хаким – һинең уң яғыңда; Яза көнөндә Ул батшаларҙы ҡырыр, Ҡәүемдәргә хөкөм сығарыр, Ерҙе мәйеттәр менән тултырыр, Бөтә ер йөҙөндә башлыҡтарҙы иҙеп ташлар. Юл буйындағы шишмәнән һыу эсерһең; Көсөң артып, башыңды текә тоторһоң. Раббыны данлағыҙ! Намыҫлыларҙың кәңәшмәһендә, Йәмғиәт йыйында Һиңә Ихлас күңелдән рәхмәт уҡырмын, Раббым. Раббы ғәмәлдәре бөйөк, Уларға һоҡланғандар төшөнә. Уның ғәмәлдәре дәрәжә һәм шөһрәт, Хаҡлығы иһә мәңгелек. Раббы онотолмаҫ мөғжизәләр ҡылды, Ул мәрхәмәтле, рәхимле. Үҙенән ҡурҡҡандарға ризыҡ бирә, Килешеүен мәңге иҫтә тота. Үҙ халҡына башҡа ҡәүемдәрҙең ерен биреп, Раббы уға эштәренең ҡеүәтен күрһәтте. Уның ҡулы эшләгән һәр нәмә – дөрөҫ һәм ғәҙел, Уның бөтә бойороҡтары ышаныслы; Улар мәңгегә ныҡ булыр, Сөнки хаҡлыҡ менән тоғролоҡҡа нигеҙләнгән. Ул халҡына ҡотолоу юлланы, Килешеү мәңге булһын, тип әмер бирҙе. Уның исеме мөҡәддәс һәм дәһшәтле. Аҡылдың башы – Раббынан ҡурҡыу, Уның бойороҡтарын бойомға ашырған – зирәк. Уны маҡтау мәңге яңғыраһын! Раббыны данлағыҙ! Ниндәй бәхетле Раббынан ҡурҡҡан, Уның бойороҡтарына ҡыуанып буйһонған кеше! Тоҡомо Ер йөҙөндә ҡеүәт ҡаҙаныр, Намыҫлыларҙың заты фатихаланыр. Өйөнән муллыҡ-байлыҡ өҙөлмәҫ, Мәңге тәҡүә булып ҡалыр. Намыҫлыларға хатта ҡараңғылыҡта ла нур ағыла, Мәрхәмәтле, рәхимле һәм ғәҙел әҙәмдәргә яҡтылыҡ сәселә. Яҡшы кеше йомарт һәм бурысҡа бирә, Һәр эшен ғәҙеллек менән башҡара! Ул һис ҡасан да ҡаҡшамаҫ, Тәҡүә әҙәм мәңге онотолмаҫ. Ул яман хәбәрҙән ҡурҡмаҫ, Бөтә йөрәктән Раббыға өмөт бағлар. Йөрәге тотороҡло, һис ҡурҡыу белмәҫ, Ниһайәт, тиҙҙән дошмандарының еңелгәнен күрер. Бүләктәрен ул мохтаждарға мул өләшер; Изгелеге уның мәңгелек, Данға күмелеп башын юғары сөйөр. Яуыз кеше быны күреп аҙапланыр, Тешен шығырҙатыр, яйлап кибер. Залимдарҙың теләктәре бушҡа сығыр. Раббыны данлағыҙ! Эй Раббы ҡолдары, Раббыны данлағыҙ, Раббының исемен данлағыҙ! Раббының исеме хәҙер ҙә, Мәңге лә мөбәрәк булһын! Көнсығыштан көнбайышҡа тиклем Раббының исеме данланып торһон! Раббы бар халыҡтарҙан да өҫтөн, Шөһрәте күктәрҙән юғарыраҡ. Кем беҙҙең Аллабыҙ Раббыға оҡшаш? Ул юғарыла тәхет ҡорған. Ул күккә һәм ер йөҙөнә эйелеп ҡарай. Ул ярлыны тупраҡтан күтәрә, Хәйерсене сүплектән ҡалҡыта, Уға башлыҡтар янында урын бирә, Халҡының түрәләре менән бергә ултырта. Түлһеҙ ҡатынды, ғаиләле, Бала һөйгән бәхетле әсә итә. Раббыны данлағыҙ! Исраил халҡы – Мысырҙан, Яҡуп нәҫеле ят ҡәүем араһынан сыҡҡас, Йәһүҙә – Раббының мөҡәддәс ере, Исраил Раббының биләмәһе булды. Диңгеҙ уларҙы күрҙе лә ҡасты, Иордан кирегә аҡты. Тауҙар һарыҡ тәкәләре һымаҡ, Түбәләр бәрәстәй һикереште. Эй диңгеҙ, һиңә ни булды, ниңә ҡастың? Иордан, нишләп кирегә аҡтың? Эй тауҙар, ниңә тәкәләр ише, Түбәләр бәрәстәй һикереште? Беҙҙе түгел, Раббы, беҙҙе түгел, Мөхәббәтең менән тоғролоғоң хаҡына Һин Үҙеңдең исемеңде данла! Ни өсөн ҡәүемдәргә: «Ҡайҙа уларҙың Аллаһы?» – тиергә? Беҙҙең Аллабыҙ – күктәрҙә, Нимә теләй, шуларҙың барыһын ғәмәл ҡыла. Ә ҡәүемдәрҙең боттары – алтын-көмөш, Кеше ҡулы менән яһалған. Ауыҙҙары бар ҙа, һөйләшмәйҙәр, Күҙҙәре бар, әммә күрмәйҙәр; Ҡолаҡтары бар ҙа, ишетмәйҙәр, Танауҙары бар ҙа, еҫ һиҙмәйҙәр; Ҡулдары бар ҙа, тоя алмайҙар, Аяҡтары бар, йөрөй алмайҙар; Тамаҡтарынан тауыш сыҡмай. Кем уларҙы яһаған, Уларға өмөт бағлаған – барыһы ла Шул боттарға оҡшап ҡалыр! Эй Исраил, өмөтөңдө бағла Раббыға, Ул – ярҙамсыбыҙ һәм ҡалҡаныбыҙ! Эй Һарун нәҫеле, өмөтөңдө бағла Раббыға, Ул – ярҙамсыбыҙ һәм ҡалҡаныбыҙ! Раббынан ҡурҡҡандар, Раббыға өмөт бағлағыҙ, Ул – ярҙамсыбыҙ һәм ҡалҡаныбыҙ! Раббы беҙҙе онотмай, фатиха бирә, Исраил халҡын, Һарун нәҫелен фатихалай. Үҙенән ҡурҡҡандарҙың олоһон да, кесеһен дә, Барыһын да фатихалай. Раббы һеҙҙе лә, балаларығыҙҙы ла арттырһын! Күкте лә, ерҙе лә бар ҡылған Раббы Һеҙгә фатихаһын бирһен. Раббы күкте Үҙенеке иткән, Әммә ерҙе кешеләргә биргән. Үлектәр, өнһөҙлөк донъяһына төшкәндәр, Раббыны данламаҫ; Беҙ иһә Раббыны хәҙер ҙә, Мәңге лә данларбыҙ. Раббыны данлағыҙ! Мин яратам Раббыны, Ул минең ялбарыуымды ишетә. Ул миңә ҡолаҡ һалғанға күрә, Ғүмерем буйы Уны саҡырырмын. Мине әжәлдең бауҙары сырмап алды, Үлеләр донъяһының ғазаптары башыма төштө, Бәлә-ҡазаға, ҡайғыға тарыным! Шул саҡ мин Раббыны исеме менән саҡырҙым, «Йә Раббым, йәнемде ҡотҡар!» – тинем. Раббы мәрхәмәтле, ғәҙел, Аллабыҙ беҙҙең рәхимле. Раббы эскерһеҙ йәндәрҙе һаҡлай; Ауыр хәлгә ҡалғанымда, Ул мине ҡотҡарҙы. Йәнемә тыныслыҡ ҡайтһын йәнә, Сөнки Раббы яҡшылығын ҡылды. Йә Раббы, Һин йәнемде үлемдән, Күҙҙәремде йәштән, Аяғымды һөрөнөүҙән йолоп алдың. Тереләр донъяһында, Раббының хозурында йөрөрмөн. Раббы миңә ҡылған бар яҡшылыҡтарҙы Уға нисек итеп ҡайтарайым? Ҡотолоу туҫтағын юғары күтәрермен, Раббының исемен ҡабатлармын. Раббыға нәҙерҙәремде Бөтә халҡы алдында үтәрмен. Тоғро бәндәләренең йәне Раббы өсөн ифрат ғәзиз. Йә Раббы, Һинең ҡолоңмон; Мин Һинең ҡолоң, ҡолиәңдең улымын. Һин минең бығауҙарымды өҙҙөң. Шөкөр ҡорбандары килтерермен, Раббының исемен ҡабатлармын. Раббыға нәҙеремде үтәрмен Уның бөтә халҡы ҡаршыһында, Раббы ҡорамы ихатаһында, Һинең уртаңда, эй Йәрүсәлим! Раббыны данлағыҙ! Бар ҡәүемдәр, Раббыны маҡтағыҙ! Бөтә өммәттәр, Уны ҙурлағыҙ! Уның беҙгә мөхәббәте бөйөк, Тоғролоғо Уның мәңгелек. Раббыны данлағыҙ! Раббыға рәхмәт уҡығыҙ, Ул игелекле, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек! Исраил әйтһен: «Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек!» Һарундың нәҫеле әйтһен: «Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек!» Раббынан ҡурҡҡандар әйтһен: «Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек!» Һыҙланғанда Раббыны саҡырҙым; Ул ишетте, рәхәткә сығарҙы. Раббы минең менән, шуға ла ҡурҡмайым; Әҙәм миңә нимә ҡыла ала? Раббы минең менән, Ул – ярҙамсым, Дошмандарыма тантана менән бағам. Кешегә ышаныуға ҡарағанда, Раббыға һыйыныу яҡшыраҡ. Раббыға һыйыныу Башлыҡтарға өмөтләнеүҙән яҡшыраҡ. Бөтә ҡәүемдәр мине ҡамауға алды, Раббы исеме менән уларҙы олаҡтырҙым. Һәр тарафтан уратып алдылар, Раббы исеме менән уларҙы олаҡтырҙым. Бал ҡортолай һырып алдылар ҙа Сәнскәккә төшкән осҡон һымаҡ һүнделәр; Раббы исеме менән уларҙы олаҡтырҙым. Йығылһын тип төртөп ебәрҙеләр, Әммә Раббы мине тотоп ҡалды. Раббы – ҡеүәтем, Ул – минең көсөм, Ул – минең ҡотҡарыусым. Тәҡүәләр сатырында Шатлыҡ менән еңеү ауаздары: «Раббының уң ҡулы ҡөҙрәтен күрһәтә! Юғары Раббының уң ҡулы, Раббының уң ҡулы ҡөҙрәтен күрһәтә!» Мин үлмәйем, эйе, мин йәшәрмен, Раббының ғәмәлдәрен һөйләрмен. Раббы миңә ҡаты яза бирҙе, Әммә үлеүемә юл ҡуйманы. Тәҡүәләрҙең ҡапҡаһын асығыҙ миңә, Унан инеп Раббыға шөкөрана ҡылырмын. Бына Раббының ҡапҡаһы! Тәҡүәләр шунан инер. Шөкөрана ҡылам Һиңә, Сөнки миңә ҡолаҡ һалдың, Минең ҡотҡарыусым булдың. Төҙөүселәр яраҡһыҙ тип ташлаған таш Иң мөһим мөйөш ташы булды. Был Раббының эше – Күҙ алдыбыҙҙағы ғәжәйеп хәл! Раббы тарафынан яратылған көн был, Әйҙә ҡыуанып күңел асайыҡ! Ҡотҡар беҙҙе, Раббы, ялбарабыҙ! Йә Раббы, беҙгә уңыштар күндер! Раббы исеме менән килеүсе мөбәрәк булһын! Раббы йортонан тороп беҙ һеҙҙе фатихалайбыҙ. Раббы – Алла, Ул беҙгә яҡтылыҡ биргән. Байрам ҡорбанын бәйләгеҙ, Уны ҡорбан усағы мөгөҙөнә илтегеҙ! Һин – Алламһың, шөкөрана ҡылам Һиңә, Һин минең Аллам, Һине ҙурлайым. Раббыға рәхмәт уҡығыҙ, Ул игелекле, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек! Бәхетле пак юлдан йөрөгәндәр, Раббының ҡануны менән йәшәгәндәр. Бәхетле Уның күрһәтмәләрен тотҡандар, Бар булмышы менән Уны эҙләгәндәр! Улар яман ғәмәл ҡылмаҫ, Раббы юлдарынан йөрөр. Һин өгөт-нәсихәт бирҙең, Уларға тоғро булырға бойорҙоң. Ҡағиҙәләреңә тоғро ҡалыр өсөн Тотҡан юлымда тәүәккәл булһам ине! Бөтә бойороҡтарыңдан күҙемде алмаҫ, Шул ваҡытта һис оятҡа ҡалмаҫ инем. Ғәҙел ҡарарҙарыңды өйрәнеп, Саф күңелдән Һиңә рәхмәттәр уҡырмын. Һинең ҡағиҙәләреңде тотам, Мине һис ҡасан ташлама, Раббым! Нисек юлын пак килеш һаҡлар йәш кеше? Бары Һинең һүҙҙәреңде тотоп ҡына. Бөтөн булмышым менән Һине эҙләйем, Бойороҡтарыңдан тайпылырға юл ҡуйма! Һинең алдыңда гонаһлы булмаҫ өсөн, Һүҙҙәреңде йөрәгемдә һаҡлайым. Йә Раббы, Һин мөбәрәкһең! Миңә ҡағиҙәләреңде өйрәт. Ауыҙыңдан сыҡҡан һәр ҡарарҙы Телем минең һөйләп торор. Күрһәтмәләрең буйынса йәшәгәнемә һөйөнәм, Хазина тапҡандай булам. Нәсихәттәрең тураһында уйланам, Юлдарыңдан күҙемде алмайым. Ҡағиҙәләрең менән йыуанам, Әйткән һүҙҙәреңде онотмайым. Мин ҡолоңа яҡшылыҡ ҡыл да йәшәйем, Әйткәндәреңә тоғро ҡалайым. Күҙҙәремде ас, ҡануныңдың Мөғжизәләрен күрәйем. Был донъяла мин мосафир ғына, Бойороҡтарыңды беләйемсе. Хаҡ хөкөмдәреңде көҫәп, Йәнем талсыға һәр ваҡыт. Бойороҡтарыңдан тайпылған Ләғнәтле тәкәбберҙәрҙе ауыҙлыҡланың. Хурлыҡ һәм кәмһетеүҙәрҙе өҫтөмдән ал, Сөнки күрһәтмәләреңде ғәмәлгә ашырам. Түрәләр йыйылып миңә мәкер ҡора, Ә мин, ҡолоң, ҡағиҙәләрең хаҡында уйланам. Өгөттәрең – минең һөйөнөсөм, Улар минең кәңәшселәрем. Хәлһеҙләнеп тупраҡҡа йығылдым, Вәғәҙәңә күрә ҡабаттан йәшәү бирһәңсе! Үткән юлдарымды һөйләнем, яуап ҡайтарҙың; Миңә ҡағиҙәләреңде өйрәт! Нәсихәттәреңдең асылына төшөндөр, Мөғжизәләрең хаҡында уйланайым. Хәсрәттән өҙөлә эс-бауырым, Вәғәҙәңә күрә, мине нығыт! Ялған юлдан мине йыраҡлаштыр, Илтифат менән миңә ҡануныңды өйрәт. Мин хәҡиҡәт юлын һайлап алдым, Ҡарар-хөкөмдәрең – йөрәгемдә. Һинең күрһәтмәләреңә күңел бирҙем, Йә Раббы, оятҡа ҡалырға юл ҡуйма! Һин бойорған юлдан йүгерәмен, Йөрәгемә төшөнөү бирәһең. Ҡағиҙәләрең ҡушҡан юлдан йөрөргә өйрәт, Раббы, Уларҙы мин һәр ваҡыт тотормон. Аҡыл бир миңә, ҡануныңды үтәрмен, Ысын күңелдән уны ғәмәлгә ашырырмын. Бойороҡтарың һуҡмағынан етәклә мине, Мин унан ләззәт табамын. Йөрәгем хәрәм малға әүрәмәһен, Уны күрһәтмәләреңә табан йүнәлт. Күҙҙәремде ығы-зығыларҙан биҙҙер, Мине Үҙ юлыңда йәшәт. Үҙеңдән ҡурҡҡандарға биргән һүҙеңде Мин ҡолоң өсөн бойомға ашыр. Үҙем ҡурҡҡан хурлыҡтан алыҫ тот мине, Ҡарар-хөкөмдәрең игелекле Һинең. Мин өгөт-нәсихәттәреңә сарсайым, Хаҡлығың солғанышында йәшәт! Йә Раббы, мөхәббәтеңде күрһәт, Әйткәнеңә күрә ҡотҡар мине! Шул саҡ мине хурлағанға Лайыҡлы яуап табырмын, Сөнки Һинең Һүҙеңә инанам. Хәҡиҡәт һүҙҙәрен ауыҙымдан тартып алма, Ҡарар-хөкөмдәреңә өмөт бағлайым. Мин Һинең ҡануныңа һәр ваҡыт, Мәңге-мәңге тоғролоҡ һаҡлармын. Иркенләп баҫып йөрөйөм, Сөнки өгөт-нәсихәттәреңде үтәргә тырышам. Күрһәтмәләрең хаҡында батшаларға һөйләрмен, Һис тә оялып тормаҫмын. Бойороҡтарың минең өсөн шатлыҡ, Мин бит улар менән зауыҡланам. Мин яратҡан бойороҡтарыңа табан ҡул һуҙам, Һинең ҡағиҙәләрең тураһында уйланам. Иҫеңдә тот мин ҡолоңа әйткән вәғәҙәңде, Уның менән миңә өмөт бирҙең. Ғазап сиккәндә ул йыуанысым минең, Һинең һүҙең миңә йәшәү бирә. Хаяһыҙҙар мине бик хурланы, Әммә Һинең ҡануныңдан тайпылманым. Боронғонан килгән ҡарар-хөкөмдәреңде, йә Раббы, Хәтерләйем, уларҙан йыуаныс табам. Ҡануныңды ташлаған яуыздарҙы күрһәм, Мине ярһыу биләп ала. Мин килмешәк булып ғүмер һөргән ерҙә Ҡағиҙәләрең минең өсөн йыр кеүек. Төндәрен исемеңде ҡабатлайым, йә Раббы, Һинең ҡануныңа тоғро ҡалам. Был минең ғәҙәтемә әйләнде, Ҡағиҙә-ҡанундарыңды ғәмәл ҡылам. Йә Раббы, Һин – минең насибым, Һүҙеңдән сыҡмаҫҡа вәғәҙә бирәм. Һиңә бар булмышым менән доға ҡылам, Вәғәҙәңә күрә ҡыҙған мине. Тотҡан юлым хаҡында уйландым, Аҙымымды күрһәтмәләреңә күрә баҫам. Бойороҡтарыңды үтәргә ашығамын, Оҙон-оҙаҡҡа һуҙманым. Залимдар мине арҡан менән сорнаны, Әммә Һинең ҡануныңды онотмайым. Һинең ғәҙел хөкөмдәрең өсөн Төн уртаһында тороп та шөкөр ҡылам. Һинән ҡурҡҡандар, хөрмәт иткәндәр, Нәсихәттәреңә тоғролар менән мин дуҫмын. Ер йөҙө тоғро мөхәббәтең менән тулы, йә Раббы, Ҡағиҙәләреңде өйрәт миңә! Йә Раббы, биргән вәғәҙәңә тоғро ҡалып, Мин ҡолоңа күп яҡшылыҡ ҡылдың. Миңә зиһен һәм белем бир, Раббы, Һинең бойороҡтарыңа ышанам. Ғазапҡа тарығаныма тиклем аҙашҡанмын, Ә хәҙер Һинең һүҙеңде ныҡ тотам. Һин миһырбанлы, ғәмәлең игелекле, Мине ҡағиҙәләреңә өйрәт. Тәкәбберҙәр миңә яла яға, Әммә мин бөтөн булмышым менән Ҡағиҙә-ҡанундарыңды бойомға ашырам. Уларҙың йөрәктәрен май бөргән, Ә мин иһә ҡануныңдан зауыҡ алам. Ғазап сигеүем тик яҡшыға булды, Һинең ҡағиҙәләреңде өйрәндем. Ауыҙыңдан сыҡҡан ҡанун минең өсөн Меңәрләгән алтын-көмөштән ҡиммәтерәк. Һинең ҡулдарың яратҡан мине, бар ҡылған, Инде бойороҡтарыңды өйрәнергә зирәклек бир. Һинән ҡурҡҡандар мине күреп ҡыуанһын, Сөнки мин Һинең һүҙеңә өмөт бағлайым. Беләм, Раббы, хөкөмдәрең ғәҙел, Миңә яза биргәнеңдә Һин хаҡ инең. Мин ҡолоңа биргән вәғәҙәңә күрә, Тоғро мөхәббәтең йыуанысым булһын. Миңә шәфҡәтле бул һәм йәшәйем, Ҡануның Һинең – ләззәтем сығанағы. Мине сәбәпһеҙ рәнйеткән өсөн Хаяһыҙҙар оятҡа ҡалһындар, Ә минең уйымда Һинең өгөт-нәсихәтең булыр. Эргәмә Һинән ҡурҡҡандар, Күрһәтмәләреңде белгәндәр йыйылһын. Мәсхәрәгә тороп ҡалмаҫ өсөн, Йөрәгем ҡағиҙәләреңә күрә камил булһын. Ҡотҡарыуыңды көҫәп эсем өҙөлә, Әйткән һүҙеңә өмөт бағлайым. Вәғәҙәңде көтә-көтә күҙ нурҙарым бөтә, Ҡасан мине тынысландырырһың? Төтөндә ҡарайып, кибеп бөткән турһыҡ һымаҡ булдым, Шул хәлдә лә ҡағиҙәләреңде онотманым. Мин ҡолоңа әле оҙаҡ көтөргәме? Йәберләүселәремде ҡасан хөкөм итерһең? Тәкәбберҙәр миңә соҡор ҡаҙынылар, Улар Һинең ҡануныңа буйһонмайҙар. Һинең бөтә бойороҡтарың – ышаныслы, Мине нахаҡҡа эҙәрләйҙәр, ярҙам ит! Саҡ ҡалдылар мине ер йөҙөнән юҡ итмәйсә; Әммә нәсихәттәреңде ташламаным. Тоғро мөхәббәтеңә күрә йәшәү бир миңә, Ауыҙыңдан сыҡҡан күрһәтмәләреңә тоғро ҡалайым. Йә Раббы, Һинең һүҙең мәңгелек, Ул күктәрҙә һис ҡаҡшауһыҙ тора. Тоғролоғоң быуындан-быуынға дауам итә; Ерҙе Һин урынлаштырҙың һәм ул ныҡ тора. Һинең ҡарарҙарыңа буйһонғанға күрә, Бар нәмә хәҙергә тиклем тора, Һиңә хеҙмәт итә. Әгәр ҡануның миңә ләззәт булмаһа, Күптән инде хәсрәтемдән үлер инем. Ҡағиҙә-ҡанундарыңды бер ваҡытта ла онотмам, Сөнки улар менән мине йәшәтәһең. Мин – Һинеке, мине ҡотҡарһана, Өгөт-нәсихәттәреңә ынтыламын. Залимдар мине һәләк итер өсөн һағалай, Мин иһә күрһәтмәләрең хаҡында фекер йөрөтәм. Күрҙем: һәр камиллыҡтың сиге бар, Тик ҡануның ғына икһеҙ-сикһеҙ. Нисек яратам мин ҡануныңды! Көн оҙоно уның хаҡында уйлайым. Бойороҡтарың дошмандарымдан аҡыллы итә, Улар мәңге минең менән. Күрһәтмәләрең хаҡында фекер йөрөткәнгә, Барса остаздарымдан зирәгерәк булдым. Аҡһаҡалдарҙан зиһенлерәкмен, Сөнки Һинең нәсихәттәреңә таянам. Һинең һүҙҙәреңә тоғро ҡалам, Яман юлға аяғымды баҫмам. Хөкөмдәреңдән айырылмам, Сөнки мине Һин Үҙең өйрәттең. Ауыҙымда һүҙҙәреңдең тәме, Улар минең өсөн балдан татлы! Нәсихәттәреңдән аҡыл йыям, Шуға ла һәр төрлө ялған юлды күрә алмайым. Һинең һүҙең аҙымдарым өсөн сыраҡ, Юлыма нур сәскән яҡтылыҡ. Ғәҙел хөкөмдәреңде һаҡларға ант иттем, Биргән һүҙемдә торормон. Эй Раббым, мин күп ғазаптар сиктем, Вәғәҙәңә күрә йәнемде һаҡла. Эй Раббым, ауыҙымдан сыҡҡан һүҙҙәремде Ихлас ҡорбандар һымаҡ ҡабул ит, Миңә хөкөм-ҡарарҙарыңды өйрәт. Тормошом гел хәүеф аҫтында булһа ла, Һинең ҡануныңды онотмайым. Залимдар миңә тоҙаҡ ҡорҙолар, Әммә нәсихәттәреңдән тайпылманым. Күрһәтмәләреңде мәңгелек мираҫҡа алдым, Улар йөрәгемдең һөйөнөсө. Ғүмеремдең һуңғы көндәренә саҡлы Ҡағиҙәләрең буйынса йәшәргә тип, Бар күңелемдән ынтылам. Ике йөҙлө әҙәмдәрҙе күрә алмайым, Ә Һинең ҡануныңды яратам. Һин – һыйыныр ышығым, ҡалҡаным, Һинең һүҙҙәреңә өмөт тотам. Йыраҡ тороғоҙ минән, яуыздар, Алламдың бойороҡтарын ғәмәлгә ашырам. Вәғәҙәңә күрә миңә терәк бул – йәшәрмен, Өмөтөм бушҡа сыҡмаһын, оятҡа ҡалдырма! Таяныс бул миңә, ҡотолайым, Ҡағиҙәләреңде һәр ваҡыт күҙ уңында тотормон. Ҡағиҙәләреңдән тайпылғандарҙы Үҙеңдән ситкә тибәһең, Уларҙың мәкер-хәйләһе тик бушҡа ғына. Донъялағы яуыздарҙы сүп-сарҙай һепереп түгәһең, Шуға ла нәсихәттәреңде яратам. Бөтөн тәнем ҡалтырана дәһшәтеңдән, Ныҡ ҡурҡам хөкөмдәреңдән. Мин ғәҙел һәм тоғро эштәр ҡылдым, Ташлама иҙеүселәр ҡулына! Ҡолоңдоң именлеген тәьмин ит, Раббы, Хаяһыҙ бәндәләр яфалай алмаһын. Күҙҙәремдең нуры һүнер инде Ҡотҡарыуыңды, хаҡ һүҙеңдең ғәмәлгә ашыуын көтөп. Тоғро мөхәббәтеңә күрә эш ит ҡолоң менән, Ҡағиҙәләреңде миңә өйрәт. Мин һинең ҡолоңмон, бирсе зиһен, Нәсихәттәреңде аңлар өсөн. Эй Раббы, сара күрер ваҡыт етте, Һинең ҡануныңды боҙҙолар. Ә мин Һинең бойороҡтарыңды Алтындан, саф алтындан нығыраҡ яратам. Һинең нәсихәттәреңә күрә тура барам, Һәр бер ялған юлға нәфрәтләнәм. Һинең күрһәтмәләрең ғәжәйеп, Шуға күрә уларға буйһонам. Һүҙҙәрең асылыуҙан нурҙар тарала, Бер ҡатлыларҙы аҡылландыра. Ауыҙымды асып ауыр һулыш алам, Сөнки әмерҙәреңә сарсаным. Миңә борол да мәрхәмәтеңде ҡыл, Һин бит исемеңде яратҡандарға гел шәфҡәтлеһең. Биргән вәғәҙәңә күрә аҙымымды нығыт, Һис бер гонаһ миңә хужа була алмаһын. Кешенең иҙеүенән йолоп ал мине, Һинең нәсихәттәреңде тотайым. Йөҙөң мин ҡолоңа нурын сәсһен, Ҡағиҙәләреңде өйрәт миңә. Күҙҙәремдән йылғалай йәш аға, Сөнки кешеләр буйһонмай ҡануныңа. Эй Раббым, Һин – хаҡлыҡ эйәһе, Хөкөмдәрең ғәҙел Һинең. Тәғәйенләгән күрһәтмәләрең дөрөҫ, Улар тулыһынса ышаныслы. Дошмандарым һүҙҙәреңде онотҡанға Асыуым яндырып-өтөп бара. Утҡа һалып сафландырғандай пак һүҙең, Мин ҡолоң уларҙы бик яратам. Түбәнһетелһәм дә, хурланһам да, Нәсихәттәреңде онотмайым. Ғәҙеллегең мәңгегә хаҡ, Ҡануның Һинең – хәҡиҡәт. Бәлә-ҡазаға тарыған саҡта, Бойороҡтарыңдан мин ләззәт табам. Күрһәтмәләреңдең хаҡлығы мәңгелек, Зирәклек бир миңә һәм йәшәрмен. Бар булмышым менән ялбарам, яуапла, Раббы! Ҡағиҙәләреңә буйһонормон. Һине саҡырамын, ҡотҡар мине, Нәсихәттәреңә тоғро ҡалайым. Таң һыҙылғандан алда торам да Ярҙам ялбарып Һине саҡырам, Сөнки биргән һүҙеңә өмөт бағлайым. Әйткәнеңде тәрән аңлайым тип, Таңғаса күҙемде йоҡо алмай. Тоғро мөхәббәтең хаҡына ауазыма ҡолаҡ һал, Йә Раббым, ғәҙеллегең менән йәнемде һаҡла! Мәкер ҡороусылар миңә яҡынлашты, Улар Һинең ҡануныңдан алыҫ тора. Һин иһә, йә Раббы, янымдаһың, Бөтә бойороҡтарың – хәҡиҡәт. Күптән белдем күрһәтмәләреңдән, Уларҙы мәңгелеккә биргәнһең. Ғазап сиккәнемде күр, мине ҡотҡар, Мин бит Һинең ҡануныңды онотмайым. Дәғүәмдә мине яҡла, ҡотҡарып ал, Вәғәҙәңә күрә, йәнемде һаҡла. Яуыздар ҡотолоуҙан йыраҡ тора, Сөнки улар ҡағиҙәләреңә эйәрмәйҙәр. Рәхим-шәфҡәтең киң, йә Раббым, Ғәҙеллегең менән йәнемде һаҡла! Мине эҙәрләүсе дошмандар күп, Әммә мин нәсихәттәреңдән тайпылмайым. Мөртәттәргә ерәнеп ҡарайым, Улар Һинең һүҙҙәреңде тотмай. Ҡараһаңсы, ни тиклем яратам нәсихәттәреңде, Тоғро мөхәббәтең хаҡына һаҡла йәнемде. Һинең һүҙең – хәҡиҡәттең үҙе, Һәр бер ғәҙел хөкөмөң мәңгелек. Түрә-хакимдар мине бер ғәйепһеҙгә эҙәрләй, Әммә йөрәгем Һинең һүҙеңдән генә ҡалтырай. Оло хазина тапҡан кешеләй, Һинең һүҙеңә ҡыуанам. Нәфрәтләнәм, ерәнәм ялғандан, Һинең ҡануныңды иһә яратам. Һине ғәҙел хөкөм-ҡарарҙарың өсөн Көнөнә етешәр мәртәбә данлайым. Ҡануныңды яратҡандар бөйөк именлеккә эйә булыр, Һис бер нәмә уларға ҡаршылыҡ булмаҫ. Раббы, ҡотҡарыуыңа өмөт бағлайым, Бойороҡтарыңды бойомға ашырам. Нәсихәттәреңде күңел түремдә һаҡлайым, Уларҙы мин ифрат яратам. Нәсихәт һәм күрһәтмәләреңде тотам, Йөрөр юлдарым Һинең күҙең алдыңда. Ялбарыуым хозурыңа етһен, Раббы, Биргән вәғәҙәңә күрә аҡыл бир миңә! Ялбарыуҙарым һиңә олғашһын, Биргән вәғәҙәң хаҡына ҡотҡар! Ауыҙымдан Һиңә маҡтауым түгелһен, Һин бит миңә ҡағиҙәләреңде өйрәтәһең. Телем Һинең һүҙҙәреңде һөйләр, Сөнки бөтә бойороҡтарың ғәҙел. Ҡулың ярҙамға әҙер булһын, Мин нәсихәттәрең буйынса йәшәүҙе һайланым. Ҡотҡарыуыңа сарсаным, Раббым, Ҡануныңдан Һинең ләззәт табам. Ғүмер бир миңә, Һиңә маҡтау яуҙырайым, Ҡарар-хөкөмдәрең миңә ярҙам бирһен. Юғалған һарыҡтай аҙаштым, Мине, Үҙеңдең ҡолоңдо, эҙләп тап, Сөнки бойороҡтарыңды мин онотманым. Ҡорамға артылыусылар йыры. Хәсрәтле сағымда Раббыға ялбарҙым, Ул миңә яуап ҡайтарҙы. Раббы, ҡотҡар йәнемде ялған телдәрҙән, Алдаҡсының ауыҙынан! Эй мәкерле тел, һиңә нимә бирелер, Уның өҫтөнә нимә өҫтәлер? Яугирҙең осло уҡтары! Артыш ағасының утлы ҡуҙы! Хәлем ауыр, Мәшәхтә килмешәкмен; Төйәгем – Ҡыдар сатырҙарында. Артыҡ оҙаҡ торҙом Тыныслыҡты күрә алмағандар араһында. Мин тыныслыҡ яғындамын, Әммә һөйләйем тип ауыҙ асһам, Улар һуғыш хаҡында һүҙ башлай. Ҡорамға артылыусылар йыры. Күҙҙәремде тауҙарға төбәйем, Ҡайҙан килер икән миңә ярҙам? Миңә ярҙам киләсәк Раббынан, Күк менән ерҙе Бар ҡылыусынан. Ул аяҡтарыңа абынырға бирмәҫ, Һине ҡурсалаусы һәр саҡ уяу. Баҡ, Исраилды һаҡлаусы Ойоп та китмәҫ, йоҡламаҫ. Һинең һаҡлаусың – Раббы, Ул уң яғыңда, һинең ышығың. Көндөҙ ҡояштың һиңә зыяны теймәҫ, Төндә ай ҙа һиңә зарар итмәҫ. Раббы һине яманлыҡтан һаҡлар, Йәнеңде һәр саҡ ҡурсалар. Ингәнеңде лә, сыҡҡаныңды ла Хәҙер ҙә, мәңге лә һаҡлап торор. Ҡорамға артылыусылар йыры. Дауыттың йыры. «Раббының йортона барайыҡ», – тип Әйткәндәренә бик ҡыуандым мин. Аяҡтарыбыҙ ҡапҡаларың төбөндә, Йәрүсәлим! Бер бөтөн итеп төҙөлгән ҡала Йәрүсәлим! Ырыуҙар унда артылыр, Раббы ырыуҙары, Исраилға бирелгән ҡанун буйынса Раббы исеменә шөкөр итер өсөн. Хөкөм өсөн бында тәхеттәр ҡоролған, Дауыт йортоноң тәхеттәре. Именлек һорағыҙ Йәрүсәлим өсөн: «Һине һөйгәндәргә уңыш юлдаш булһын! Диуарҙарың эсендә тыныслыҡ, Ҡәлғәләреңдә именлек булһын!» Туғандарым, дуҫтарым хаҡына Әйтермен: «Тыныслыҡ булһын һиндә!» Аллабыҙ Раббы йорто хаҡына Яҡшылыҡ теләйем һиңә. Ҡорамға артылыусылар йыры. Күҙҙәремде мин төбәйем Һиңә, Эй күктәрҙе төйәк иткән! Хужаһының ҡулына ҡараған ҡол, Хужабикәһенең ҡулына баҡҡан ҡол ҡатын һымаҡ Беҙҙең күҙҙәр ҙә Аллабыҙ Раббыға текәлгән, Уның беҙгә мәрхәмәтен көтөп ҡала. Мәрхәмәт ҡыл, Раббы, ҡыҙған беҙҙе, Сөнки түбәнһетелеүҙән ғарыҡ булдыҡ. Үҙҙәренән ҡәнәғәттәрҙең хурлауҙары туйҙырҙы, Тәкәбберҙәрҙең кәмһетеүҙәре үҙәккә үтте. Ҡорамға артылыусылар йыры. Дауыттың йыры. Инде былай тиһен Исраил: Әгәр ҙә Раббы беҙҙең янда булмаһа, Әгәр ҙә Раббы беҙҙең менән булмаһа, Кешеләр беҙгә баш күтәргән саҡта Беҙҙе тереләй йоторҙар ине, Беҙгә ҡаршы асыуҙары тоҡанғанда. Һыуҙар беҙҙе йыуып ташлар ине, Ташҡын беҙҙе баҫып китер ине, Шашҡан һыуҙар башыбыҙҙан ашыр ине. Раббы мөбәрәк булһын – Йыртҡыс тештәргә беҙҙе табыш итеп бирмәне! Йәнебеҙ беҙҙе аулаусыларҙың тоҙағынан Ҡоштай ысҡынды, Ау өҙөлдө лә ҡотолоп сыҡтыҡ. Беҙҙең өсөн ярҙам килә Күк менән ерҙе яратҡан Раббынан. Ҡорамға артылыусылар йыры. Раббыға өмөтөн бағлағандар Тетрәмәҫ, мәңге торор Сион тауына оҡшар. Тауҙар Йәрүсәлимде нисек уратһа, Хәҙер ҙә, мәңге лә Раббы ла халҡын шулай ҡурсалар. Залимдың хакимлыҡ таяғы Тоғроларҙың биләмәһендә оҙаҡҡа ҡалмаҫ, Юҡһа тәҡүәләр ҡулдарын яман эштәргә һуҙыр. Йә Раббы, саф йөрәклеләргә, Игелеклеләргә игелек ҡыл. Әммә ҡыйыш юлға баҫҡандарҙы Раббы боҙоҡтар менән бергә ҡыуып ебәрер. Исраилға булһын именлек! Ҡорамға артылыусылар йыры. Раббы Сиондың тотҡондарын ҡайтарған саҡта, Беҙ төш күргән һымаҡ булдыҡ. Ауыҙыбыҙ шатлыҡтан йырылды, Телебеҙҙән ҡыуаныс ауаздары түгелде. Шунда башҡа ҡәүемдәр бер-береһенә әйтте: «Раббы уларға бөйөк эш ҡылды!» Раббы беҙгә бөйөк эштәр ҡылды, Беҙ һөйөнөп бөтә алманыҡ. Негев сүлендә ҡороған үҙәндәрҙе ҡабат һыуға тултырған һымаҡ, Тотҡондағыларыбыҙҙы кире ҡайтар, Раббы. Күҙ йәше менән орлоҡ сәскәндәр Шатланышып уңыш урыр; Орлоҡ тоғон аҫып илай-илай сәсеүселәр, Шатлана-шатлана көлтәләр күтәреп ҡайтыр. Ҡорамға артылыусылар йыры. Сөләймәндең йыры. Әгәр йортто Раббы һалдырмаһа, Төҙөүселәр юҡҡа тырыша. Әгәр ҡаланы Раббы һаҡламаһа, Һаҡсының уяу тороуы бушҡа. Юҡҡа ғына ҡара таңдан тороп Ҡара төнгә тиклем эшләйһегеҙ. Аҙап менән тапҡан икмәгегеҙҙе ашайһығыҙ – Раббы Үҙе яратҡанға йоҡлап ятҡанда ла бирә. Бына Раббының биргән өлөшө – балалар, Аналыҡтың емеше – Уның бүләге. Йәш саҡта тыуған уландар Яугир ҡулындағы уҡтар һымаҡ. Ниндәй бәхетле улар менән һаҙағын тултырған кеше! Ҡала ҡапҡаһы төбөндә дошман менән сәкәләшкән саҡта Ул мәсхәрә булып ҡалмаясаҡ. Ҡорамға артылыусылар йыры. Ниндәй бәхетле Раббынан ҡурҡҡан, Уның юлында йөрөгән әҙәм! Ҡулың менән эшләп тапҡанды ашарһың, Һин бәхетле, рәхәт булыр һиңә. Ҡатының өйөңдә мул уңыш биргән йөҙөмдәй булыр; Балаларың зәйтүн үҫентеһе һымаҡ өҫтәлеңде уратып ултырыр. Раббынан ҡурҡҡан кеше Бына ошолай фатихаланыр. Раббы Сиондан һиңә хәйер-фатиха бирһен! Йәрүсәлимдең хөр тормошон күрерһең Бөтөн ғүмерең буйынса! Балаларыңдың балаларын күрерһең! Исраилға булһын именлек! Ҡорамға артылыусылар йыры. Инде былай тиһен Исраил: «Йәш сағымдан мине ныҡ иҙҙеләр, – Эйе, йәш сағымдан мине ныҡ иҙҙеләр, Әммә еңә алманылар. Һабансылар һабан һөрҙөләр һыртымда, Оҙон бураҙналар һалдылар. Әммә Раббы ғәҙел, Яуыздар һалған бауҙарҙы ҡырҡып ташланы». Сионға ҡарата нәфрәт тотҡан һәр кем Оятҡа ҡалып артҡа сигенһен. Йолҡҡанға тиклем үк ҡороп ҡалған, Ҡыйыҡта үҫкән үлән һымаҡ булһындар улар. Ундай үлән менән ураҡсы – усын, Көлтә бәйләүсе ҡосағын тултырмаҫ. Үтеп барыусылар иһә: «Алла һеҙгә фатиха бирһен, Раббы исеме менән бәрәкәт теләйбеҙ», – тип әйтмәҫ. Ҡорамға артылыусылар йыры. Упҡын төбөнән Һиңә өндәшәм, Раббы! Эй бөйөк Хакимым, тауышымды ишет, Ялбарыуыма диҡҡәт менән ҡолаҡ һал! Раббы, ғәйептәрҙе күҙәтеп барһаң, Кем ҡотолоп ҡалыр, бөйөк Хаким? Әммә ярлыҡауың Үҙең менән, Шуға күрә лә Һинән ҡурҡабыҙ. Раббыға өмөтөмдө бағлайым, Эйе, күңелем Уға ынтыла, Уның һүҙенә өмөт бағлайым. Ҡарауылсылар таңды көткәндән, Эйе, таңды көткәндән дә нығыраҡ Йәнем бөйөк Хакимға ашҡына. Исраил, Раббыға өмөт бағла! Раббы тоғро мөхәббәтен күрһәтә, Ҡотҡарыу Уның ихтыярында! Ул Исраилды бөтә ғәйептәренән Йолоп, ҡотҡарып аласаҡ. Ҡорамға артылыусылар йыры. Дауыттың йыры. Йә Раббы, күңелемдә тәкәбберлек юҡ минең, Күҙҙәрем һауаланып баҡманы. Ҡулымдан килмәҫтәй юғары, Иҫ китерлек нәмәләргә ынтылманым. Әсә ҡуйынында тынысланған Имсәк бала һымаҡ минең йәнем, Эйе, йәнем имсәк бала һымаҡ. Эй Исраил, хәҙер ҙә, мәңге лә Раббыға өмөт бағла һин! Ҡорамға артылыусылар йыры. Иҫеңә төшөр, Раббы, Дауытты, Ул кисергән бөтә ғазаптарҙы; Нисек уның Раббыға ант иткәнен, Яҡуптың Ҡөҙрәтлеһенә нәҙер әйткәнен. Әйткәйне: «Сатырымдың ышығына инмәм, Түшәгемә ятмам, Күҙ ҡабаҡтарымды япмам, Күҙҙәремә йоҡо бирмәм, Раббыға лайыҡлы урын, Яҡуптың Ҡөҙрәтлеһенә торлаҡ тапмайынса». Килешеү һандығының Әфраҫала булғанын ишеттек, Беҙ уны Яғарҙың баҫыуында табып алдыҡ. Әйттек: «Әйҙәгеҙ Уның торлағына барайыҡ, Аяғына йығылып сәждә ҡылайыҡ». Сыҡ, Раббы, Үҙеңдең тыныс-имен урыныңа, Ҡөҙрәтең билдәһе булған һандыҡ менән бергә кил. Ҡаһиндарың тоғролоҡҡа төрөнһөн, Тоғроларың кинәнешеп һөйөнһөн. Ҡолоң Дауыттың хаҡына, Үҙеңдең мәсихеңдән йөҙөңдө борма. Ышаныслы антын бирҙе Раббы Дауытҡа, Вәғәҙәһенән ваз кисмәҫ: «Үҙеңдең орлоғоңдоң емешен Һинән һуң тәхеткә ултыртырмын. Әгәр балаларың килешеүгә, Биргән нәсихәттәремә тоғро булһа, Уларҙың улдары ла мәңгегә Һинең тәхетеңдә ултырасаҡ». Сөнки Раббы Сионды һайланы, Уны төйәк итергә теләне. «Тыныс-имен урыным мәңгегә ошо булыр, – тине. – Теләнем, ошонда урынлашам. Бындағы ризыҡ сикһеҙ бәрәкәткә эйә булыр, Был ерҙәге фәҡирҙәрҙе туйҙырырмын. Ҡаһиндарын еңеүгә төрөндөрөрмөн, Тоғролары кинәнеп һөйөнөр. Ошонда Дауыттың ҡеүәтен үҫтерермен, Мәсихем өсөн Мин сыраҡ әҙерләрмен. Дошмандарын мәсхәрәгә ҡалдырырмын, Башындағы тажы иһә нурланып балҡып торор». Ҡорамға артылыусылар йыры. Дауыттың йыры. Ҡайһылай яҡшы, күңелле, Туғандарҙың бергә татыу йәшәгәне! Был Һарундың башына һөртөлгән, Һаҡалынан ағып төшкән затлы майҙай, Кейеменең яғаһына ағып төшкән еҫле май һымаҡ; Хермон армытына төшкән ысыҡ Сион тауҙарына ағып төшкән һымаҡ. Раббы Сионда Үҙ фатихаһын – Мәңгелек тормош бирҙе. Ҡорамға артылыусылар йыры. Эй һеҙ, Раббының барса ҡолдары, Раббы ҡорамында төндәрен хеҙмәт иткәндәр, Раббыға шөкөрана ҡылығыҙ! Ҡулығыҙҙы мөҡәддәс ергә һоноп, Раббыға ҡылығыҙ шөкөрана! Күк менән ерҙе яратҡан Раббы Фатихалаһын һеҙҙе Сиондан. Раббыны данлағыҙ! Раббы исемен данлағыҙ, Эй Раббы ҡолдары, маҡтау йырлағыҙ! Раббы ҡорамында хеҙмәт итеүселәр, Аллабыҙ йорто ихатаһында тороусылар, Дан йырлағыҙ! Раббыны данлағыҙ – Ул игелекле. Исеменә мәҙхиә йырлағыҙ – был шундай ләззәтле. Раббы Үҙенә Яҡуп нәҫелен, Халҡы итеп Исраилды һайлап алды. Мин беләмен, Раббы бөйөк, Хакимыбыҙ бөтә илаһтарҙан өҫтөн. Күктәрҙә һәм ер йөҙөндә, Диңгеҙҙәрҙә, даръяларҙа, Раббы ни теләй, шуны бар ҡыла. Ер сигенән болоттар ҡалҡыта, Йәшен йәшнәтеп ямғыр яуҙыра, Келәттәренән елдәр сығара. Ул мысырҙарҙың баш балаларын ҡырҙы, Кешеләрҙең тәүге улын, Малдарҙың тәүге түлен үлемгә дусар итте. Эй Мысыр, һинең уртаңа, Фирғәүенгә һәм бар ҡолдарына Ул хикмәттәрен, мөғжизәләрен ебәрҙе. Бик күп ҡәүемдәрҙе һәләк итте, Ҡеүәтле батшаларҙы үлтерҙе: Әмөри батшаһы Сихонды, Башан батшаһы Ғоғты, Ҡәнғәндең барса батшалыҡтарын ҡырҙы. Уларҙың ерҙәрен биләмә итеп, Мөлкәт итеп халҡы Исраилға бирҙе. Йә Раббы, исемең мәңгелек Һинең! Шөһрәтең быуындан-быуынға дауам итә. Раббы халҡының хаҡлығын раҫлар, Үҙ ҡолдарына рәхимле булыр. Ә ҡәүемдәрҙең боттары – алтын-көмөш, Кеше ҡулы менән яһалған. Ауыҙҙары бар ҙа, һөйләшмәйҙәр, Күҙҙәре бар, әммә күрмәйҙәр, Ҡолаҡтары бар ҙа, ишетмәйҙәр, Ауыҙҙарында уларҙың һулыш-тын юҡ. Кем уларҙы яһаған, Уларға өмөт бағлаған – барыһы ла Шул боттарға оҡшап ҡалыр! Эй Исраил халҡы, Раббыға шөкөр ҡылығыҙ! Һарун нәҫеле, Раббыға маҡтау йырлағыҙ! Эй Леви нәҫеле, Раббыны данлағыҙ! Маҡтау йырлағыҙ Раббыға, Унан ҡурҡҡандар! Йәрүсәлимдә төйәк иткән Раббыға Сиондан шөкөрана ҡылығыҙ! Раббыны данлағыҙ! Шөкөрана ҡылығыҙ Раббыға, Ул игелекле, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек. Шөкөр итегеҙ аллалар Аллаһына, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек. Шөкөр итегеҙ хакимдар Хакимына, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек. Бары Ул бөйөк мөғжизәләр ҡылыусы, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек. Ул аҡылы менән күктәрҙе яратҡан, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек. Ерҙе даръя һыуҙары өҫтөнә йәйгән, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек. Бөйөк яҡтыртҡыстарҙы яратҡан, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек. Ҡояшты көн менән идара итергә ҡуйған, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек. Төн менән идара итер өсөн Ай һәм йондоҙҙарҙы ҡуйған, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек. Ул мысырҙарҙың баш балаларын ҡырҙы, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек. Исраил нәҫелен Мысырҙан сығарҙы, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек. Ҡөҙрәте, һуҙылған ҡулы менән, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек. Ҡамышлы диңгеҙҙе икегә айырҙы, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек. Исраилдарҙы уртаһынан сығарҙы, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек. Фирғәүен менән ғәскәрен диңгеҙгә батырҙы, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек. Халҡын сүллек аша етәкләне, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек. Бөйөк батшаларҙы тар-мар итте, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек. Көслө батшаларҙы ҡырҙы, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек. Әмөри батшаһы Сихонды юҡ итте, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек. Башан батшаһы Ғоғты тар-мар итте, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек. Ерҙәрен биләмә итеп бирҙе, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек. Ҡоло Исраилға милек итеп бирҙе, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек. Меҫкен хәлебеҙҙә хәтеренә алды, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек. Дошмандарыбыҙҙан йолоп алды, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек. Барса йән эйәләренә ризыҡ бирә, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек. Күктәрҙең Аллаһына шөкөр итегеҙ, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек. Бабил йылғаларының буйында, унда Ултыра ла Сионды иҫкә төшөрөп илай инек. Ошонда тал ботаҡтарына Лирабыҙҙы аҫып ҡуя инек. Беҙҙе ул ерҙә әсир иткәндәр йыр һүҙҙәрен, Иҙеүселәр уйын-көлкө талап итте: «Йырлағыҙ беҙгә Сион йырҙарын!» Ни йәнебеҙ менән йырлайыҡ һуң Ят тупраҡта Раббыбыҙҙың йырын? Эй Йәрүсәлим, һине онотор булһам, Ҡороп ҡына ҡатһын уң ҡулым. Һине хәтеремә төшөрмәһәм, Һөйөнөстәремдең иң түренә Йәрүсәлимде ҡуймаһам, Телем аңҡауыма йәбешеп ҡалһын! Йәрүсәлим ҡолатылған көндө: «Емер уны, емер нигеҙенә тиклем!» – Тигән Эдом улдарын иҫеңә төшөр, Раббы! Эй емереләсәк Бабил-ҡыҙ! Беҙгә ҡылғаныңдың ҡонон Ҡайтарыр зат ҡайһылай бәхетле! Ниндәй бәхетле сабыйҙарыңды тотоп, Ҡаяға ялпаштыра һуғасаҡ кеше! Дауыттың мәҙхиәһе. Бар булмышым менән Һиңә шөкөр итәм, Илаһтар алдында Һиңә дан йырлайым. Мөҡәддәс ҡорамыңа ҡарап сәждә ҡыламын, Мөхәббәтең һәм тоғролоғоң хаҡына, Исемеңә шөкөрана әйтәм. Сөнки биргән вәғәҙәңде Һин исемеңдән дә өҫтөн ҡуйҙың. Саҡырғанымда яуап ҡайтарҙың, Йәнемә көс биреп, рухландырҙың. Бөтә донъя батшалары данлар Һине, Раббы, Сөнки ауыҙыңдан сыҡҡан һүҙҙе ишеттеләр. Раббы юлдарына мәҙхиә йырларҙар, Сөнки Раббының шөһрәте бөйөк. Юғарыла Раббы – Ул түбәнһетелгәндәрҙе күрә, Тәкәбберҙәрҙе алыҫтан танып тора. Бәлә-ҡаза солғап алғанда, Һин йәнемде һаҡлайһың, Дошмандарымдың нәфрәтенән яҡлайһың, Уң ҡулың мине ҡотҡарып ҡала. Минең туралағы ниәттәрен Ғәмәлгә ашырыр Раббы. Һинең тоғро мөхәббәтең мәңгелек, йә Раббы, Үҙ ҡулыңдың ижадынан ваз кисмә! Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе. Раббы, мине Үҙең күреп, һынап беләһең. Ҡасан ятып, ҡасан торғанымды беләһең, Уйҙарымды алыҫтан аңлап тораһың. Йөрөйөммө, ял итәмме – ваҡ иләктән үткәрәһең, Һәр бер ғәмәлемә хәбәрең бар. Һүҙем телемә килмәҫтән алда Эй Раббы, Һин һәммәһен беләһең. Һәр яғымдан мине солғағанһың, Ҡулыңды миңә һалғанһың. Был ғилемең хайран минең өсөн, Аң-зиһенем етмәҫлек юғары. Ҡайҙа китәйем Рухыңдан, Ҡайҙа ҡасып була хозурыңдан? Асманға ҡалҡһам, Һин унда, Үлеләр донъяһына түшәк йәйһәм, унда ла Һин. Таң ҡанаттарында көнсығышҡа осһам, Диңгеҙ аръяғына ҡунһам, Унда ла ҡулың етәкләп йөрөр, Уң ҡулың мине ныҡ тотоп торор. «Мине ҡараңғылыҡ йәшерһен, Яҡтылыҡ ҡара төнгә әйләнһен», – тиһәм, Хозурыңда ҡараңғылыҡ – ҡараңғылыҡ түгел, Төн дә көн кеүек нур сәсер, Көнмө, төнмө – Һинең өсөн бер үк. Эс-бауырымды Һин яратҡанһың, Әсәм ҡарынында мине туҡығанһың. Рәхмәттәрем яуһын Һиңә, Ниндәй ғәжәйеп, хайран яратылғанмын. Ҡайһылай хикмәтле ғәмәлдәр ҡылаһың! Быны бик яҡшы аңлайым. Ер тәрәнлегендә туҡылғанымда, Серле рәүештә ҡиәфәт алғанымда, Һөйәктәрем Һинән йәшерен түгел ине. Яралғы ғына сағымда Мине Үҙ күҙҙәрең менән күрҙең. Ғүмерем башланмаҫ элек Миңә тәғәйенләнгән һәр көн Һинең китабыңа теркәлгән. Фекерҙәреңә иҫем-аҡылым етмәй, Эй Алла, уларҙың иҫәп-хисабы юҡ! Һанай башлаһам, улар ҡом бөртөгөнән ишле. Уянып китһәм, мин һаман Һинең менән. Эй Алла, яуыздарҙы юҡ итһәң ине, Минән алыҫ йөрөгөҙ, һеҙ, ҡан эскестәр! Улар Һиңә ҡаршы яманлыҡ тарата, Дошмандарың Һиңә ҡаршы мәкер ҡора. Эй Раббы, Һиңә нәфрәтләнгәндәргә Мин нисек нәфрәт тотмайым? Һиңә ҡаршы баш күтәргәндәрҙән нисек ерәнмәйем? Уларға ҡаршы мин ҡаты нәфрәтләнәм, Уларҙы үҙемә дошман итеп күрәм. Эй Алла, һына мине, йөрәгемдәген танып бел. Һына мине, бөтә уйҙарымды асыҡла. Ҡара, яман юлға төшмәнемме? Йүнәлт мине баҡыйлыҡ юлына! Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе. Яман әҙәмдән арала мине, Раббы, Залим бәндәнән ҡурсала. Күңелдәре яуыз ниәт менән тулған, Һәр көн ҡуптаралар ғауға. Телдәре йыландыҡылай зәһәр, Ҡара йылан ағыуы – ауыҙҙарында. Һаҡла, Раббы, яуыздар ҡулынан, Залим бәндәнән ҡурсала; Улар миңә аяҡ салырға ниәтләй. Тәкәбберҙәр йәшерен тоҙаҡ ҡорҙо, Юлымда ауҙарын кирҙе; Йәтмә һалдылар алдымда. Раббыға әйттем: «Һин минең Аллам. Раббы, ялбарыуыма ҡолаҡ һал!» Эй Раббы Хаким, Ҡөҙрәт эйәһе, Ҡотҡарыусым, Алыш көнөндә башымды ҡаплап торҙоң. Яуыздарға теләгәнен бирмә, Раббы, Яман ниәттәрен ғәмәл итмә! Юҡһа улар эреләнер. Мине солғап алғандарҙың үҙ башына Төшһөн ауыҙҙарынан сыҡҡан яман һүҙ. Утлы ҡуҙ түгелһен өҫтәренә! Утҡа, тәрән соҡорға бырға ла Башҡа сыға алмаһындар. Яман телле илдә нығына алмаһын, Залимды бәлә-ҡаза аулаһын, һәләк итһен. Беләм, Раббы ярлының хоҡуғын яҡлар, Фәҡиргә хаҡ хөкөмөн ҡылыр. Шулай, тәҡүә бәндәләр исемеңә шөкөр итер, Намыҫлылар хозурыңда төйәкләнер. Дауыттың мәҙхиәһе. Йә Раббы, Һине саҡырам, ашыҡ миңә! Һиңә ялбарған тауышыма ҡолаҡ һал! Доғаларым хозурыңда хуш еҫ төтәткән һымаҡ, Һонолған ҡулдарым киске ҡорбан һымаҡ ҡабул булһын! Йә Раббы, ауыҙыма ҡарауылсы ҡуй, Иренемдең ҡапҡаларына йоҙаҡ һал! Яманлыҡҡа күңелем ауышмаһын, Залимдарҙың яҙыҡ эштәрендә ҡатнашырға, Һыйҙарынан ауыҙ итергә яҙмаһын. Тәҡүә кеше туҡмаһа ла мин ризамын – был мәрхәмәт; Фашлаһын – инҡар итмәм, Башыма һөрткән зәйтүн майы был. Мин ямандарҙың ғәмәлдәренә ҡаршы һәр ваҡыт доға ҡылам. Башлыҡтарын ҡаянан ырғытҡан саҡта, Һүҙҙәремдең хаҡлығын аңларҙар. Һабан һөрөп ватҡылаған тупраҡ һымаҡ, Һөйәктәребеҙ үлеләр донъяһының ауыҙына ҡойолор. Әммә күҙҙәрем Һиндә, эй Раббы Хаким, Һиңә һыйынам, йәнемде хәүефкә дусар итмә! Миңә ҡорған тоҙаҡтарҙан, Залимдарҙың ауҙарынан һаҡла. Яуыздар үҙ йәтмәләренә эләкһен, Мин иһә иҫән-аман уҙырмын. Дауыттың уйланыуҙары, мәмерйәлә ҡылған доғаһы. Мин Раббыға һөрән һалам, Раббыға мәрхәмәт һорап ялбарам. Хозурында аһ-зарымды түгәм, Ҡайғыларымды бушатам. Рухым төшкән саҡтарҙа ла, Ҡайһы юлдан йөрөгәнемде беләһең. Һуҡмағыма йәшерен тоҙаҡ ҡоролған ине. Уң яғыма ҡара ла күр, Бер кем дә мине һанламай. Һыйынырлыҡ урыным ҡалманы, Йәнемде хәстәрләгән кеше юҡ. Йә, Раббы, Һиңә ялбарып әйттем: «Һин – минең һыйынысым, Тереләр донъяһында насибым!» Һыҡтауыма ҡолаҡ һал, тәҡәтем бөттө, Мине эҙәрләүселәрҙән ҡотҡар, Улар минән көслөрәк. Йәнемде зиндандан сығар, Мин исемеңә рәхмәт уҡырмын. Һин миңә игелектәр ҡылғанда, Тәҡүәләр әйләнәмә тупланыр. Дауыттың мәҙхиәһе. Доғамды ишет, йә Раббы, Ялбарыуыма ҡолаҡ һал! Тоғролоғоң һәм ғәҙеллегең хаҡына яуап ҡайтар! Ҡолоңдо хөкөмгә алып килмә, Тереләрҙән бер кем дә алдыңда аҡлана алмаҫ. Дошман мине ҡыуып етте, Тупраҡҡа һалып тапаны. Гүйә мин күптән үлгәнмен – Дөм ҡараңғылыҡҡа һалды. Шул сәбәпле рухым һынды минең, Йөрәгем ҡурҡыуҙан өшөп ҡатты. Үткән дәүерҙәрҙе иҫкә алам, Ҡылған ғәмәлдәреңде барлайым, Ҡулдарыңдың эше хаҡында уйланам. Һиңә табан ҡулдарымды һондом, Йәнем ҡоро тупраҡ һымаҡ, Һиңә сарсағанмын. Йәһәтерәк яуап ҡайтар, Раббы, Тәҡәтем ҡороно минең. Йөҙөңдө йәшермә минән, Юғиһә, ҡәбер эйәһенә оҡшап ҡалырмын. Таңдан тоғро һөйөүеңде белдер, Өмөтөмдө Һиңә бағлағанмын; Йә Раббы, барыр юлымды күрһәт, Сөнки йәнемде мин Һиңә олғаштырам. Дошмандарымдан йолоп ал, Раббы; Мин бары Һиңә һыйынам. Ихтыярыңды нисек үтәргә өйрәт! Һин бит – минең Аллам. Игелекле Рухың мине Тигеҙ ерҙән әйҙәп барһын! Йә Раббы, исемең хаҡына йәшәт мине, Ғәҙеллегең хаҡына йәнемде бәләнән ҡотҡар. Тоғро мөхәббәтең хаҡына Дошмандарымды тар-мар ит, Йәнемде иҙеүселәрҙе юҡ ит, Сөнки мин Һинең ҡолоңмон. Дауыттың мәҙхиәһе. Раббы, һыйынған ҡаям, мөбәрәк булһын! Ул бармаҡтарымды алышҡа, Ҡулдарымды һуғышҡа өйрәтә. Ул тоғро ярҙамсым, ҡәлғәм, Ышығым, Ҡотҡарыусым, ҡалҡаным! Мин Уға һыйынам; Ул миңә халыҡтарҙы буйһондора. Йә Раббы, нимә инде ул – кеше? Ә Һин уны ҡайғыртаһың. Нимә һуң әҙәм балаһы? Ә Һин уны һанға һуғаһың. Әҙәм бит ул бары тик бер һулыш, Ғүмере – үтеп киткән күләгә һымаҡ. Һығылдыр ҙа күкте, йә Раббы, ергә төш! Ҡағыл тауҙарға, улар төтәп китерҙәр. Йәшнәт йәшенеңде, дошмандарҙы тарат; Уҡтарыңды яуҙыр, туҙҙырып ташла уларҙы. Юғарынан ҡулыңды һуҙ, мине азат ит, Даръя һыуҙарҙан мине сығарып ал, Яттарҙың ҡулынан ҡотҡар. Ауыҙҙары туҡтауһыҙ алдаҡ түгә, Уң ҡулдарын күтәреп, ялған ант итә улар. Аллам, Һиңә яңы йыр йырлармын, Ун ҡыллы арфала Һиңә уйнармын. Һин бит батшаларҙы еңеү ҡаҙандырған; Ҡолоң Дауытты аяуһыҙ ҡылыстан ҡотҡарған. Мине йолоп ал, ҡотҡар яттар ҡулынан. Ауыҙҙары туҡтауһыҙ ялған сәсә, Уң ҡулдарын күтәреп ялған ант итә улар. Ул сағында улдарыбыҙ йәшлегендә Күкрәп үҫкән ағас һымаҡ булыр. Ҡыҙҙарыбыҙ затлы һарайҙарҙың Семәрле бағанаһылай булыр һомғол. Һәр төрлө ашлыҡтан тулып ташыр келәтебеҙ; Көтөүҙә һарыҡтарыбыҙ Меңәрләп, унар меңләп түлләр. Үгеҙҙәребеҙ беҙҙең һимеҙ булыр, Диуарҙарыбыҙҙа тишек-ярыҡ булмаҫ, Кешеләребеҙ әсир китмәҫ, Урамдарҙа ишетелмәҫ илаш! Ниндәй ҡотло ошолай йәшәгән халыҡ! Аллаһы Раббы булған халыҡ бәхетле! Дауыттың маҡтау йыры. Эй Аллам, минең Батшам, Һине ҙурлармын, Исемеңә мәңге маҡтау яуҙырырмын! Һәр көн Һине мөбәрәк ҡыламын, Исемеңде мәңгенән-мәңгегә данлайым. Раббы бөйөк, икһеҙ-сикһеҙ маҡтауға Ул лайыҡ, Уның бөйөклөгөнә һис етмәҫ аҡыл. Ҡылған ғәмәлдәрең быуындан-быуынға маҡталыр, Ҡөҙрәтле эштәреңде һөйләп туя алмаҫтар. Балҡышың, даның, мөһабәтлегең, Ҡылған хикмәттәрең хаҡында уйлайым. Тетрәткес ғәмәлдәреңдең ҡөҙрәте тураһында һөйләйҙәр, Мин дә бөйөклөгөңдө иғлан итермен. Сикһеҙ игелегеңде иҫләрҙәр, Ғәҙеллегеңде маҡтап йырларҙар. Раббы рәхимле һәм мәрхәмәтле, Сикһеҙ түҙемле һәм оло мөхәббәтле. Раббы барыһына ла игелекле, Үҙе бар ҡылғандарға рәхимле. Һин яратҡандар Һиңә шөкөр итәләр, Раббы, Тоғро бәндәләрең маҡтау яуҙыралар. Батшалығыңдың шөһрәтен улар һөйләр, Ҡөҙрәтең хаҡында бәйән итер; Әйҙә һәр кем ҡөҙрәтле ғәмәлдәреңде, Батшалығыңдың мөһабәт шөһрәтен тойһон. Батшалығың Һинең – мәңгелек батшалыҡ, Хакимлығың – быуындан-быуынға дауам итә. Йығылырға торғандарға таяныс Раббы, Ул ҡолатылғандарҙы торғоҙа. Һәр күҙ өмөт менән Һиңә баға, Раббы, Һәр кемгә ризыҡ бирәһең ваҡытында. Һин усыңды асаһың да, Һәр йән эйәһенә теләгәнен ашатаһың. Раббының бөтә юлдары ғәҙел, Ҡылған ғәмәлдәре тоғро. Яҡын Раббы Үҙен саҡырғандарға, Саф күңелдән Үҙенә ялбарғандарға. Үҙенән ҡурҡҡандарҙы моратына ирештерер, Ялбарыуҙарын ишетеп, уларҙы ҡотҡарыр. Раббы Үҙен яратҡандарҙың һәммәһен һаҡлар, Бөтә яуыздарҙы ҡырып ташлар. Телем туҡтауһыҙ Раббыны маҡтар! Барса йән эйәләре Уның изге исемен Мәңгенән-мәңгегә данлар! Раббыны данлағыҙ! Эй күңелем, маҡтау йырла Раббыға! Ғүмерем буйы Раббыны маҡтармын, Йәнем бар саҡта дан йырлармын Раббыға. Өмөт бағламағыҙ түрә-башлыҡтарға, Ҡотолоу бирә алмаған кеше затына. Улар, йән биргәс, тупраҡҡа ҡайта, Шул көндө үк ниәттәре юҡҡа сыға. Ниндәй бәхетле Яҡуптың Аллаһынан ярҙам алған, Үҙенең Аллаһы Раббыға өмөт бағлаған әҙәм! Ошо Алла күкте, ерҙе һәм диңгеҙҙе, Уларҙағы бар нәмәләрҙе яратҡан, Тоғролоғон мәңге һаҡлап ҡалған, Иҙелгәндәргә хаҡ хөкөм ҡылған, Астарҙы икмәккә туйындырған. Раббы тотҡондарҙы азат ҡылыр, Һуҡырҙарҙың күҙен асыр, Ергә бөгөлгәндәрҙе турайтыр, Тәҡүәләрҙе Ул яратыр. Раббы килмешәктәрҙе һаҡлар, Етемдәрҙе, тол ҡатындарҙы ҡурсалар, Яуыздарҙы юлдарында аҙаштырыр. Эй Сион, Аллаң Раббы мәңгелек, Быуындан-быуынға Ул хакимлыҡ итер. Раббыны данлағыҙ! Раббыны данлағыҙ! Аллабыҙға мәҙхиәләр йырлау ниндәй күркәм, Ҡайһылай татлы, килешле Уны маҡтау! Раббы яңынан һала Йәрүсәлимде, Таралған Исраил халҡын ҡабат йыя. Ул китек күңелдәрҙе бөтәйтә, Йәрәхәттәрҙе бәйләй. Ул йондоҙҙарҙың иҫәбен белә, Уларҙың һәр береһенә исем бирә. Хакимыбыҙ бөйөк, ҡеүәте ҙур, Аҡылының иге-сиге юҡ. Раббы түбәнһетелгәндәрҙе күтәрә, Яуыздарҙы ергә төшөрә. Раббыға шөкөрана итеп йырлағыҙ, Аллабыҙға лира сиртеп көйләгеҙ. Ул күкте болоттар менән ҡаплай, Ерҙе ямғыр менән туйындыра, Үлән үҫтерә тауҙарҙа. Мал-тыуарға аҙыҡ бирә, Ем һораған ҡарға балаларын ашата. Ул аттың көсөнә ҡарамай, Кешенең етеҙлегенә лә илтифаты юҡ. Раббы Үҙенән ҡурҡҡандарҙы, Тоғро мөхәббәтенә өмөт бағлағандарҙы ярата. Эй Йәрүсәлим, Раббыны маҡта! Аллаңа шөкөрана ҡыл, Сион! Сөнки ҡапҡаңдың арҡыры биген нығыта, Эсеңдәге халҡыңа фатиха бирә. Биләмәләреңә именлек килтерә, Һине иң яҡшы бойҙайы менән туҡландыра. Ер йөҙөнә әмерҙәрен юллай, Уның һүҙе ташҡындай йәйелә. Аҡ йөн һымаҡ ҡар яуҙыра, Бәҫ ҡундыра гүйә көл шикелле. Борсаҡ түгер киҫәк-киҫәк, Кем һуң сыҙар Уның һыуығына? Ул һүҙен әйтһә, бар нәмә ирей башлай, Елдәрен ебәрһә, һыуҙар аға. Һүҙен – Яҡуп нәҫеленә; Исраилға ҡағиҙә-хөкөмдәрен күндерҙе. Башҡа халыҡтарға улай эшләмәне, Һис кемгә ҡарарын белдермәне. Раббыны данлағыҙ! Раббыны данлағыҙ! Күктәрҙән маҡтау йырлағыҙ Раббыға, Юғарынан Уны күмегеҙ данға! Барса фәрештәләре, Уны маҡтағыҙ, Данлағыҙ Уны, бөтә ғәскәре! Ҡояш менән ай, Уны маҡтағыҙ! Данлағыҙ Уны, балҡыу йондоҙҙар! Эй күктәрҙең асманы, Раббыны маҡта! Күктәрҙән юғарылағы һыуҙар, Дан йырлағыҙ Уға! Раббы исеменә маҡтау йырлаһындар, Сөнки Ул бойорҙо – улар барыһы бар булды. Раббы уларҙы мәңгегә ныҡлап урынлаштырҙы, Бының өсөн боҙолмаҫ ҡағиҙә ҡуйҙы. Ер йөҙөнән Раббыға маҡтау йырлағыҙ, Диңгеҙ йәнлектәре, тәрәнлектәр. Уның ҡушҡанын үтәгән ут, боҙлауыҡ, Ҡар һәм томан, дауыллы ел, Тауҙар, ҡалҡыулыҡтар, Емеш биреүсе ағастар, кедр, Хайуандар, мал-тыуар, Һөйрәлеүселәр һәм ҡоштар, Ер йөҙөндәге батшалар, бар халыҡтар, Башлыҡтар һәм бөтә хакимдар, Йәш егеттәр менән ҡыҙҙар, Ҡарт-ҡоро һәм бала-саға Раббы исеменә маҡтау яуҙырһындар, Сөнки бары Уның исеме юғары. Уның шөһрәте ер һәм күктәрҙән өҫтә. Ул халҡына бөйөк ҡеүәт бирҙе, Уға тоғро бәндәләр барыһы, Ғәзиз халҡы Исраил Уны данлаһын. Раббыны данлағыҙ! Раббыны данлағыҙ! Раббыға яңы йыр йырлағыҙ, Тоғролары йыйынында Уны данлағыҙ! Яратыусыһының хозурында һөйөнһөн Исраил, Батшаһын күңел түрендә тотоп ҡыуанһын Сион халҡы! Әйҙә улар бейей-бейей исемен данлаһын Уның, Дөңгөр ҡағып, арфа сиртеп, Уға мәҙхиә йырлаһын! Сөнки Раббы Үҙ халҡын хуш күрә, Баҫалҡыларҙы еңеү менән данлай. Тоғролары дан-шөһрәт эсендә тантана итһен, Ҡырын ятып, һөйөнөс йырҙары йырлаһын! Ауыҙҙарында – Алланы маҡтау, Ҡулдарында ике яҡлы үткер ҡылыс булһын: Шулай улар ҡәүемдәрҙән ҡон ҡайтарыр, Халыҡтарҙы язаға тарттырыр, Батшаларына сынйыр һалыр, Бейҙәренә тимер бығау кейҙерер, Уларға яҙылған хөкөмдө еренә еткерер. Уның барса тоғролары өсөн намыҫ эше был. Раббыны данлағыҙ! Раббыны данлағыҙ! Мөҡәддәс торлағында данлағыҙ Алланы! Данлағыҙ Уны ҡәлғәһе – күк көмбәҙендә! Мөһабәт ғәмәлдәре өсөн данлағыҙ! Тиңһеҙ бөйөклөгөн данлағыҙ! Мөгөҙ борғолар ҡысҡыртып данлағыҙ Уны! Лира, арфа ҡылдары сиртеп данлағыҙ! Дөңгөр ҡағып, бейей-бейей данлағыҙ! Ҡыллы уйын ҡоралдарында, Һыбыҙғыла уйнап данлағыҙ! Зыңғылдауыҡ тәрилкәләр һуғып данлағыҙ! Яңғырауыҡ тәрилкәләр сыңлатып данлағыҙ! Барса йән эйәләре, Раббыны данлағыҙ! Раббыны данлағыҙ! Исраил батшаһы Сөләймән Дауыт улының хикмәттәре: Аҡыл һәм нәсихәтте өйрәнмәк өсөн, фәһемле һүҙҙәрҙең асылына төшөнмәк өсөн, аҡыллы күрһәтмәләрҙе, тәҡүәлек, ғәҙеллек, намыҫлылыҡты үҙләштермәк өсөн, бер ҡатлыларға аҡыл, йәштәргә белем һәм зирәклек бирмәк өсөн; хәйер, аҡыл эйәһе лә, ҡолаҡ һалып, белемен арттырыр, белдекле лә кәрәкле кәңәш табыр, хикмәтле һәм кинәйәле һүҙҙең, аҡыл эйәләре әйткәндәрҙең һәм йомаҡтың асылын аңлар. Ғилемдең башы – Раббынан ҡурҡыу. Ахмаҡ ҡына аҡыл менән тәрбиәне һанға һуҡмай. Улым, ата нәсихәтен тыңла, әсәйеңдең өгөттәрен кире ҡаҡма; сөнки улар – башыңа гүзәл таж, муйыныңа аҫыл биҙәк булыр. Улым, боҙоҡ әҙәмдәр аҙҙырырға маташһа, улар артынан эйәрә күрмә, «Әйҙә, беҙҙең менән, берәйһен һағалап тороп үлтерәйек, ғәйепһеҙгә ҡул һалайыҡ, – тиер улар, – үлеләр донъяһы һымаҡ тереләй йоторбоҙ, тотошлай ҡәбергә тығырбыҙ. Биниһая мал-мөлкәт йыйырбыҙ, йортобоҙҙо яумал менән тултырырбыҙ. Беҙҙең менән бергә йәрәбә һалырһың, табышыбыҙ уртаҡ булыр», – тип әйтһәләр, улым, аслан улар менән юлдаш булма, улар һуҡмағына аяҡ баҫма; сөнки улар ҡан ҡойорға ашыға, аяҡтары яманлыҡҡа табан саба. Ҡанатлы ҡоштарҙың күҙ алдында ау ҡороуҙан фәтүә юҡ. Шуның ише улар кешегә ҡорған боҫҡон үҙ ҡандары ҡойолоуға, үҙ йәндәре ҡыйылыуға сәбәп булыр. Кеше байлығына ҡыҙығыусының ахыры бер: ҡомһоҙлоғо үҙ башына етә. Аҡыл – зирәк ҡатын – урамда һөрән һала, ауазы майҙандарҙа яңғырай, ғәм халыҡ араһында яр һала, ҡала ҡапҡаһы төбөндә телмәр тота: «Эй моңһоҙҙар, ҡасанғаса бер ҡатлы булып йөрөрһөгөҙ, һеҙ, битһеҙҙәр, ҡасанғаса һөмһөҙләнерһегеҙ, наҙандар, ҡасанға тиклем аң-белемде ек күрерһегеҙ? Әгәр шелтәмә ҡолаҡ һалһағыҙ, рухымды өҫтөгөҙгә түгермен, әйтер һүҙҙәремде еткерермен. Мин саҡырҙым – һеҙ тыңламанығыҙ, ҡулымды һуҙҙым – һис берәү иғтибар бирмәй. Бөтә кәңәштәремде кире ҡаҡтығыҙ, шелтә һүҙҙәремде ҡабул итмәнегеҙ. Ярай, мин дә һеҙҙең бәхетһеҙлектән көлөрмөн, һеҙгә афәт килгән саҡта, дауылдай дәһшәт ябырылғанда, ғәрәсәттәй бәлә килгән мәлдә, ауыр ғазаптар, ыҙа-яфа иҙгәндә, мин дә мыҫҡыллап көлөрмөн. Шунда мине саҡырырҙар – өндәшмәҫмен, эҙләп-эҙләп тә таба алмаҫтар. Белемде ек күргәнгә, Раббынан ҡурҡыуҙан баш тартҡанға, кәңәшемә ҡолаҡ һалмағанға, шелтә һүҙҙәремде инҡар иткәнгә күрә – эштәренең әсе емешен татыр, яман ниәттәре менән туйыныр улар. Сөнки томананы кирелеге харап итер, аҡылһыҙҙы ғәмһеҙлеге бөлдөрөр. Мине тыңлағандар иһә, яуызлыҡтан ҡурҡмайынса, имен һәм хәүефһеҙ йәшәр». Улым, минең һүҙҙәремде тыңлап, бойороҡтарымды күңелеңдә һаҡлаһаң, аҡылға ҡолағыңды асып, йөрәгеңде төшөнмәккә йүнәлтһәң, эйе, әгәр белемгә юл асып, зиһенде саҡырһаң, уны көмөш эҙләгән һымаҡ, йәшерен хазина һымаҡ эҙләһәң, – Раббынан ҡурҡыуҙың мәғәнәһен аңларһың, Алланы танып-белерһең. Сөнки бәндәләргә зиһенде Раббы бирә, белем һәм аҡыл Уның ауыҙынан сыға. Раббы намыҫлыларға еңеү әҙерләй, Ул хаҡ юлдан йөрөгәндәр өсөн – ҡалҡан. Ул ғәҙеллек юлын һаҡлай, тоғроларының һуҡмағын ҡурсалай. Шул сағында һин тоғролоҡтоң, ғәҙеллектең, һәр төрлө игелекле юлдың мәғәнәһенә төшөнөрһөң, сөнки йөрәгеңә аҡыл инеп урынлашыр, ғилем күңелеңде биләп зауыҡландырыр, зирәклек һине ҡурсалар, зиһен һине һаҡлап торор. Улар һине яман юлдан, әхлаҡһыҙҙың ҡотҡоһонан ҡотҡарыр. Ҡараңғылыҡ юлын өҫтөн күреп, тура юлдан тайпылғандарҙан, яуыз эштәренә шатланған, аҙғынлыҡтарынан тәм тапҡан, юлдары кәкре булған, үҙ һуҡмаҡтарында аҙашып йөрөгәндәрҙән һаҡлап торор. Зирәклек һине ят ҡатындан, татлы телле сит ҡатындан ҡотҡарыр. Был ҡатын йәштән сыҡҡан ирен ташлап, Алла алдындағы антын онотҡан. Уның өйө – үлемесле тоҙаҡ, йөрөгән юлы үлеләр донъяһына илтә. Унда кергән кеше кире сыҡмай, йәшәү юлына бүтәнсә аяҡ баҫмай. Шуға күрә һин яҡшылар юлынан бар, иманлылар һуҡмағынан тайпылма, сөнки ерҙә намыҫлылар йәшәр; бында тик камилдар ғына тороп ҡалыр, ә яуыздар ерҙән юҡ ителер, мәкерле бәндә төбө-тамыры менән ҡоротолор. Улым, мин өйрәткәнде онотма, бойороҡтарымды йөрәгеңдә һаҡла; сөнки улар ғүмереңде оҙонайтыр, имен йәшәр йылдарыңды арттырыр. Мәрхәмәт менән тоғролоҡ һине ташламаһын, уларҙы мунсаҡ итеп муйыныңа таҡ, йөрәк таҡтаташына яҙып ҡуй – шул саҡ үҙең дә Алла һәм кеше күҙендә мәрхәмәт табып, хөрмәт ҡаҙанырһың. Үҙ белдегеңә таянма, бөтөн йөрәгең менән Раббыңа инан. Ниндәй юлдан барһаң да, Раббыңды таны, Ул һинең һуҡмағыңды турайтыр. Үҙеңде аҡыл эйәһе тип һанама, Раббынан ҡурҡ, ямандан йыраҡ тор. Был һинең тәнеңә сихәт бирер, һөйәгеңә ҡеүәт өҫтәр. Раббыны бөтә мал-мөлкәтең менән олола, һәр эшеңдең тәүге емешен уға арна, шулай итһәң, келәттәрең тулы булыр, мискәләрең йәш шараптан ташып торор. Улым, Раббының һабағын кире ҡаҡма, Уның шелтәһенә йәнең көймәһен. Атай кеше ғәзиз балаһын нисек шелтәләй, Раббы ла яратҡан бәндәһен шулай тәрбиәләй. Аҡыл туплап, зирәклеккә ирешкән – бына кем ул бәхетле кеше! Аҡыл туплау көмөш йыйыуҙан яҡшыраҡ, сөнки аҡыл алтындан затлыраҡ. Аҫылташтарҙан да ҡиммәтлерәк аҡыл, һин теләгән бер нәмә лә уға тиң түгел. Уның уң ҡулында – оҙон ғүмер, һул ҡулында байлыҡ менән шөһрәт булыр. Уның юлдары – шатлыҡ юлдары, һуҡмаҡтары имен-аман булыр. Аҡыл – уны ҡосаҡлап алғандар өсөн – тормош ағасы ул, уға һыйынғандар – бәхетле. Раббы зирәк аҡылы менән ерҙең нигеҙен ҡорған, зирәклеге менән күкте нығытҡан. Уның аҡылы менән упҡындар убыла, болоттар ергә ямғыр яуҙыра. Улым, һин ошоно күҙ уңыңдан ысҡындырма: айыҡ аҡыл, уйлап эш итеү ҡеүәһен һаҡла. Шулай итһәң, улар һинең йәнең өсөн – йәшәү, муйыныңа аҫыл мунсаҡ булыр. Шул саҡ юлың имен-аман булыр, аяҡтарың иһә яҙа баҫмаҫ. Ҡурҡмайынса ятып йоҡларһың, йоҡоң һәр саҡ тыныс булыр. Көтмәгәндә килер афәттәрҙән, яуыз бәндәләргә килгән бәләләрҙән ҡурҡма, сөнки Раббы таянысың булыр, аяғыңды мәкер тоҙағынан һаҡлар. Ҡулыңдан яҡшылыҡ килә икән, мохтаждарға игелек ҡыл. Бөгөн бирерлек икәнһең, яҡыныңа: «Аҙаҡ кил, иртәгә бирермен», – тип әйтмә. Һиңә ышанып, яныңда шик-шөбһәһеҙ йәшәгән яҡыныңа ҡарата кенә тотма. Үҙеңә яманлыҡ ҡылмаған кеше менән сәбәпһеҙгә даулашма. Башҡаларға йәбер ҡылғанға ҡыҙыҡма, уның юлын һайлама. Сөнки Раббы мәкерле әҙәмдән екһенә, Ул намыҫлылар менән аралаша. Раббы яуыздарҙың йортона – ҡарғыш, иманлылар торлағына бәрәкәт бирә. Кешенән көлгәндән Раббы Үҙе көлә, тыйнаҡтарға мәрхәмәтен бүләк итә. Аҡыллылар шөһрәт ҡаҙаныр, ахмаҡтар мираҫҡа хурлыҡ алыр. Тыңлағыҙ, уландар, атай нәсихәтен, ҡолаҡ һалығыҙ, аҡыл туплағыҙ. Мин бит һеҙҙе яҡшылыҡҡа өйрәтәм, һүҙҙәремде кире ҡаҡмағыҙ. Мин дә атайымдың улы инем, әсәйемдең берҙән-бер ғәзизе булдым. Атам мине былай тип өйрәтте: «Һүҙҙәремде йөрәгеңдә һаҡла, бойороҡтарымды үтә – оҙаҡ йәшәрһең. Аҡыл тупла һин, белем йый, әйткәнемде онотма, һүҙемдән сыҡма. Аҡылдан айырылма, ул һине һаҡлар; уны ярат – бәләнән аралар. Иң мөһиме – аҡыл. Аҡыл тупла, мал-мөлкәттән ғәйре белем йыйна. Аҡылдың ҡәҙерен бел, ул һине күтәрер, әгәр ҙә уға һарылһаң, ул һине дан ҡаҙандырыр; башыңа гүзәл сәскәләрҙән таҡыя, күркәм бер шөһрәт тажы кейҙерер». Тыңла, улым, һүҙҙәремде ҡабул итһәң, ғүмер йылдарыңды арттырырһың. Һиңә аҡылдың һуҡмағын күрһәтермен, тура юлға йүнәлтермен. Унан барһаң, аҙымдарың яңылышмаҫ, йүгергәндә абынмаҫһың. Ошо нәсихәтте ныҡ тот, юл яҙлыҡма, һаҡла уны, сөнки ул – һинең тормошоң. Яуыздарҙың һуҡмағына аяҡ баҫма, ямандарҙың юлы менән китмә. Ул юлдан ҡас, унан йөрөмә! Ситкә тайпыл, уны урап үт! Сөнки залим яуызлыҡ ҡылмаһа, йоҡлай алмай, берәйһен аяҡтан йыҡмаһа, күҙенән йоҡо ҡаса. Сөнки уларҙың ризығы – яуызлыҡ, залимлыҡтың шарабын эсәләр. Иманлылар юлы – таңғы шәфәҡ һымаҡ, төшкә тиклем нурланғандан нурлана бара. Яуыздарҙың юлы – ҡуйы ҡараңғылыҡ, нимәгә абынырҙарын үҙҙәре белмәй. Улым, һүҙҙәремә иғтибарлы бул, әйткәндәремә ҡолаҡ һал. Уларҙы күҙ уңыңдан ысҡындырма, йөрәгеңдең иң түрендә йөрөт, сөнки уларҙы тапҡан кешегә – йәшәү, бөтә тәнгә сәләмәтлек бирә. Бөтәһенән дә бигерәк йөрәгеңде һаҡла, йәшәү сығанағы ошо – шуны аңла. Телеңде һин ялған һөйләүҙән тый, мәкерҙе ауыҙыңдан ҡыу; күҙҙәрең гел тура ҡараһын, ҡарашың һәр саҡ алға төбәлһен; аяҡ баҫҡанға тиклем һин ныҡлап уйла, шул саҡ бар юлдарың ышаныслы булыр. Уңға ла, һулға ла тайпылма, аяғыңды яманлыҡтан йыраҡ йөрөт. Кеше ҡатынының ирененән бал тама, теле майҙай йомшаҡ яғыла – ләкин аҙағында – әрем әселеге, ике яҡлы үткер ҡылыстай – хәүефе. Уның аяҡтары үлем юлына төшә, аҙымдары үлеләр донъяһына йүнәлә. Ул йәшәү юлын бар тип тә белмәй, тайғаҡ юлдан йөрөүен үҙе лә һиҙмәй. Тимәк, уландар, әйткәнемә ҡолаҡ һалығыҙ, телемдән төшкән һүҙҙәрҙән тайпылмағыҙ. Ундай ҡатындан йыраҡ тор, уның тупһаһына яҡын барма. Юҡһа абруйыңды башҡаларға бирерһең, ғүмереңде залимдарға исрафларһың; көс-ҡеүәтеңдән яттар кинәнер, михнәт менән тапҡаның икенсе йортҡа китеп торор. Тәнең һулып, ҡоро һөйәк ҡалғас, ғүмер ахырыңда ыңғырашырһың: «Өгөт-нәсихәтте ниңә тыңламаным, ниңә йөрәгем шелтәләрҙе кире ҡаҡты, остаздарымдың өйрәткәнен алманым, кәңәш биргәндәрҙе һанламаным? Бөтөн йәмғиәт алдында хурлыҡҡа саҡ төшмәй ҡалдым». Һыуҙы үҙ һаҡлағысыңдан алып эс, сарсауыңды үҙ ҡоҙоғоңдоң һыуы менән баҫ. Шишмәң урамдар буйлап аҡмаһын, ташҡындай майҙандарға тулмаһын. Ул тик бары үҙеңдеке булһын, яттар менән уны уртаҡлашма. Инешеңдең һыуы бәрәкәтле булһын, йәштән алған ҡатыныңдың рәхәтен күр. Һөйкөмлө боланыңдың, гүзәл ҡоралайыңдың күкрәктәре һәр ваҡыт кинәнескә сорнаһын, – уның һөйөүе менән ләззәтләнеп йәшә. Ниңә, улым, сит ҡатындан башың юғалтырға, кеше ҡатынының ҡуйынына һыйынырға? Кешенең юлы Раббының күҙ алдында, уның һәр аҙымын үлсәй Раббы! Яман кеше үҙ яуызлығының ауына эләгә, гонаһтарының тоҙағына бәйләнә, тәрбиәһеҙлеге арҡаһында харап була, аҙғын ахмаҡлығы башына етә. Улым, әгәр ҙә башҡа өсөн яуаплылыҡ йөкләһәң, уны үҙеңдең иңеңә алһаң – биргән һүҙеңдең ауына ҡаптың, ауыҙыңдан сыҡҡан вәғәҙәңдең ҡолона әйләндең. Улым, үҙеңде ҡотҡарыу сараһын күр, һин ул кешенең ҡулына төштөң: уның янына бар, аяғына йығыл, ялбар, күҙҙәреңә йоҡо бирмә, керпектәрең дә ауыраймаһын; үҙеңде һунарсы ҡулынан ғәзәл һымаҡ, ау ҡороусынан ҡош һымаҡ ҡотҡар. Эй ялҡау, ана ҡырмыҫҡаға баҡ, уның тырышлығын күреп, аҡыл ал: уның өҫтөнән түрә лә, күҙәтсе лә, хөкөмдар ҙа юҡ; әммә ул йәй буйы аҙыҡ туплай, ураҡ мәлендә үҙҙәренә ем әҙерләй. Күпме ятырға була, эй ялҡау, йоҡонан торор ваҡыт түгелме? Йәнә әҙерәк йоҡлап, серем итһәң, ҡул ҡаушырып тағы ултыра бирһәң – өйөңә ҡараҡ һымаҡ мохтажлыҡ инер, ҡораллы баҫҡынсы булып нужа һөжүм итер. Йүнһеҙ әҙәм, яман кеше ауыҙынан ялған һибә; йә күҙ ҡыҫа, аяҡ тыпырлата, йә бармағы менән ишаралай. Йөрәгендә уның һәр саҡ мәкер, һәр ваҡыт боҙоҡлоҡ уйлап йөрөй, ҡайҙа барһа ла, тауыш сығара. Шуға күрә һәләкәте ҡапыл булыр, шифа тапмай, ҡотолғоһоҙ харап булыр. Раббы алты нәмәгә нәфрәтләнә, Ул ете нәмәнән ерәнә. Былар: тәкәббер ҡараш, ялғансы тел, ғәйепһеҙҙең ҡанын ҡойған ҡулдар, маҡсаты яманлыҡ булған йөрәк, яуызлыҡҡа ашығыусы аяҡ, тын алған һайын алдашҡан ялған шаһит, ағай-эненең араһын бутаған зат. Улым, атайыңдың бойороҡтарын тот, әсәйеңдең өгөттәрен кире ҡаҡма! Уларҙы һәр ваҡыт йөрәгеңдә һаҡла, мунсаҡ һымаҡ, муйыныңда тағып йөрө. Улар, юлға сыҡһаң, һине етәкләп алырҙар, йоҡларға ятһаң, һаҡлап торорҙар, уянғаныңда һөйләшерҙәр. Сөнки бойороҡ шәм һымаҡ, өгөт-нәсихәт иһә – нур, шелтә менән тәртип – тормошҡа юл. Улар һине яман ҡатындан аралар, юха телле ят ҡатындан ҡурсалар. Ул ҡатындың сибәрлеге йөрәгеңде өтмәһен, керпек ҡағыуҙары ҡол итмәһен, сөнки аҙғын ҡатын бер һыныҡ икмәккә ҡалдыра, сит ҡатын йәнеңдән яҙҙыра. Кеше ҡуйынында ут йөрөтә алырмы? Кейгән кейеме янмаҫмы? Тере ҡуҙ өҫтөнән атлап йөрөп, аяғыңды бешермәү мөмкинме? Күршеһенең ҡатыны менән йөрөгән кешенең дә хәле шулай; кем ундай ҡатынға ҡағыла, язаһыҙ ҡалмай. Ҡараҡ аслыҡтан, тамаҡ ялғар өсөн урлаһа, кешеләр уға артыҡ хур баҡмаҫ. Ә шулай ҙа тотһалар, ете ҡат арттырып түләтерҙәр, бөтә мөлкәтен тартып алырҙар. Зина ҡылыусының аҡылы юҡ, бындай кеше үҙ йәнен үҙе ҡыя. Өлөшөнә таяҡ менән мәсхәрә төшөр; хурлығы юйылмаҫ булыр. Сөнки көнсөллөк – ирҙе ярһытҡыс бер көс ул, үс алған сағында аяп тормай. Ул бер ниндәй хаҡ та ҡабул итмәҫ, нимә бирһәләр ҙә, ризалашмаҫ. Улым! Минең һүҙемде тот, ҡушҡанымдан аслан сыҡма. Өгөтөмдө тотһаң, көн күрерһең; өйрәткәндәремде күҙеңдең алмаһы һымаҡ һаҡла. Йөҙөк ише бармағыңа кей уларҙы, йөрәк таҡтаташына яҙып ҡуй. Аҡылға әйт: «Һин – минең һеңлем!» зирәклекте «туғаным» тип ата. Улар һине кеше ҡатынынан, татлы телле ят ҡатындан аралар. Бер мәл тәҙрәнән ҡараһам, тәҙрә рәшәткәһе аша күҙ һалһам, бер ҡатлы йәштәр төркөмө араһында иҫәр бер егет күҙгә салынды. Ул урам буйлап килде лә, ирле ҡатын өйөнә табан йүнәлде – эңер төшкәндә, төн ҡараңғылығына ышыҡланып. Бына уның ҡаршыһына фәхишәләй кейенгән хәйләкәр ҡатын сыҡты. Өйөндә ултырып сыҙамаған, тотанаҡһыҙ, йөрөмтәл ҡатын ине ул. Бер урам ҡыҙыра, бер майҙанға сыға, мөйөш һайын ҡорбанын һағалап йөрөй. Бына ул теге егетте ҡосаҡлап алды, уны үбә-үбә хаяһыҙ йөҙ менән: «Татыулыҡ ҡорбаны килтерҙем, нәҙеремде бөгөн үтәнем. Шуға күрә һине күрергә тип ҡаршы сыҡтым, һине эҙләгәйнем, бына, таптым. Түшәгемә парсалы мысыр туҡымалары йәйҙем. Хуш еҫле баҙыян бөрктөм түшәгемә, дәрсен менән йөҙйәшәр һирптем. Кер, әйҙә, таң атҡансы мөхәббәттән илерербеҙ, һөйөп-һөйөлөп төнөбөҙҙө үткәрербеҙ. Ирем өйҙә юҡ, алыҫ юлға сығып китте. Үҙе менән бер янсыҡ көмөш алды, ай тулғансы ҡайтып кермәҫ әле». Алдап-йолдап уны ҡыҙыҡтырҙы, тәмле теле менән үҙ ауына эләктерҙе. Эй уландарым, тыңлағыҙ мине, һүҙҙәремә ҡолаҡ һалығыҙ, күңелегеҙ ул ҡатындың юлына табан боролмаһын, уның һуҡмағына аслан аяҡ баҫмағыҙ. Сөнки ундай ҡатын күпме кешене ҡорбан итте, ни ҡәҙәр әҙәмдең башына етте. Уның өйө – үлеләр донъяһына юл, ҡәбергә алып төшә ул. Аҡыл – зирәк ҡатын – саҡырамы әллә? Зиһен ауазын яңғырата түгелме? Юл буйындағы ҡалҡыуҙа, Юлдар сатында баҫып тора ул; ҡала ҡапҡалары төбөндә һөрән һала, ишектәр алдында яр һала: «Кешеләр, һеҙгә өндәшәм, әҙәм балаларына мөрәжәғәт итәм. Бер ҡатлылар, аҡыл менән эш итергә өйрәнегеҙ, эй ахмаҡтар, аҡыл туплағыҙ. Минең рухлы телмәремде тыңлағыҙ, – ауыҙымды дөрөҫлөк һөйләр өсөн асамын. Минең телем хәҡиҡәтте һөйләй, ялған – ауыҙым өсөн ерәнгес. Ауыҙымдан сыҡҡан һүҙҙәр гелән ғәҙел, мәкер-алдаҡ юҡ уларҙа. Аңлағандар өсөн улар аңлайышлы, ғилем эйәләре өсөн дөрөҫ. Нәсихәтемде көмөштән ғәйре күрегеҙ, ғилемде саф алтындан өҫтөн ҡуйығыҙ. Сөнки аҡыл аҫылташтан ҡиммәтерәк, һин теләгән бер нәмә лә уға тиңләшә алмаҫ. Мин аҡылмын, зирәклек минең юлдашым, белем менән төплөлөк – эҙләгәнем. Раббынан ҡурҡыу – яуызлыҡты нәфрәт итеү ул; тәкәбберлек һәм әрһеҙлек, золом юлы, ялған һөйләү – мин күрә алмаған сифаттар. Кәңәш миндә, айыҡ аҡыл миндә, мин зиһенмен, көс минең менән. Минең ҡөҙрәтем менән батшалар идара итә, хакимдар ғәҙеллек урынлаштыра. Минең ҡөҙрәтем менән башлыҡ һәм түрәләр, ер йөҙөнөң барлыҡ хөкөмдарҙары ғәҙел идара итә. Мине һөйгәндәрҙе мин дә һөйәм, эҙләгәндәр мине тапмай ҡалмаҫ. Минең менән байлыҡ һәм дан, бөтмәҫ муллыҡ һәм дөрөҫлөк. Емештәрем алтындан, хатта саф алтындан яҡшыраҡтыр; файҙам иһә саф көмөштән өҫтөнөрәк. Мин тоғролоҡ юлынан, ғәҙеллек эҙҙәренән йөрөйөм, үҙемде яратҡандарға байлыҡ килтерәм, хазиналарын арттырам. Раббы Үҙ юлының башланғысында һәр эшенән әүәл миңә эйә булды. Донъя бар булғандан алда, әүәлдән үк барлыҡҡа килдем мин. Даръялар юҡ саҡта, сығанаҡтар ҙа булмағанда барлыҡҡа килдем. Тауҙар ҡалҡмағайны әле ул саҡта. Ҡалҡыулыҡтарҙан да алда тыуҙым. Раббы ҡырҙары менән ер өҫтөн, ғаләмдең бөртөк ҡомон да бар итмәгәйне. Ул күкте бар ҡылғанда – шунда булдым, даръя өҫтөнә офоҡто һыҙған саҡта, күк йөҙөнә болоттар урынлаштырғанда, ер аҫтындағы инеш юлдарын нығытҡанда, Ул һыу ташып сыҡмаһын тип, диңгеҙгә ярҙар ҡуйғанда, ергә нигеҙ һалған саҡта – мин Раббы янында оҫта булдым, һәр көн һайын Уның һөйөнөсө инем, гелән Уның алдында ҡыуандым. Ерҙәге донъяға һөйөндөм мин, әҙәм заттарын уйлап ҡыуандым. Ә хәҙер мине тыңлағыҙ, балалар: минең юлдан барыусылар бәхетле. Нәсихәтемде тыңлағыҙ – аҡыл туплағыҙ, уны һис тә кире ҡаҡмағыҙ. Мине тыңлап, көн һайын ҡапҡам төбәндә уяу торғандар, ишегемдән күҙен алмағандар бәхетле. Мине тапҡан кеше йәшәү таба, Раббының илтифатын ҡаҙана. Мине ысҡындырған үҙенә зыян ҡыла, мине күрә алмағандар үлемде үҙ итә». Аҡыл, ете бағанаһын йышып, үҙенә йорт һалды; мал һуйҙы, тәмләткестәр ҡушып шарап әҙерләне, табын ҡорҙо. Хеҙмәтсе ҡыҙҙарын ҡаланың бейек урынына ебәреп, иғлан иттерҙе: «Бер ҡатлылар, миңә килегеҙ!» Аҡылһыҙҙарға ла әйтте: «Килегеҙ, һыйымды ашағыҙ, әҙерләгән шараптан ауыҙ итегеҙ! Томаналыҡ менән хушлашығыҙ – йәшәрһегеҙ, зиһен күрһәткән юлдан йөрөгөҙ», – тине. Мыҫҡыл итеүсене төҙәтһәң – хурланырһың, яманды шелтәләһәң – үҙеңде мәсхәрәләр. Мыҫҡыл итеүсене шелтәләмә – күрә алмаҫ булыр, аҡыллыны шелтәлә – һине яратыр. Аҡыллыға өгөт бирһәң – аҡылы артыр, иманлыны өйрәтһәң – ғилеме артыр. Раббынан ҡурҡыу – аҡылдың башы, мөҡәддәс Алланы белеү – зирәклек! Аҡыл арҡаһында көндәрең оҙайыр, ғүмер йылдарың ишәйер. Аҡыллы булһаң – аҡылың үҙеңә хеҙмәт итер, кеше мәсхәрәләргә яратһаң – зарары үҙеңә булыр. Ахмаҡлыҡ – ғауғасыл, аңһыҙ, наҙан ҡатын – өйөнөң ишеге алдына сығып йәки ҡаланың иң ҡалҡыу ерендә ултырып, үҙ юлынан китеп барғандарҙы саҡырып ҡысҡыра: «Бер ҡатлылар, миңә килегеҙ!» Аҡылһыҙҙарға ла әйтте: «Урлап эскән һыу татлыраҡ, йәшереп ашаған икмәк тәмлерәк!» Ә янына килгән бахыр үҙен әруахтар янына саҡырғанды белмәй. Уның ҡунаҡтары – үлеләр донъяһының төпкөлөндә. Сөләймән батшаның хикмәтле һүҙҙәре. Аҡыллы улан – ата һөйөнөсө, ахмаҡ улан – әсә көйөнөсө. Нахаҡ юл менән табылған байлыҡтан файҙа булмаҫ, ә хаҡлыҡ үлемдән ҡотҡарыр. Раббы тоғро кешене ас ҡалдырмаҫ, ямандың ҡомһоҙлоғон кире ҡағыр. Ялҡау ҡулдар бөлгөнгә төшөрөр, тырыш ҡулдар байлыҡ килтерер. Аҡыллы ул йәй көнө иген игер, ураҡ ваҡытында йоҡлап ятҡан ул хурлыҡ килтерер. Иманлының башында – фатиха, яуыздың телендә – золом. Иманлының иҫтәлеге мөбәрәк булыр, яуыздың исеме тиҙ онотолор. Аҡыллы кеше өгөттө ҡабул итер, ахмаҡты теле бәләгә илтер. Тура юлдан йөрөгән имен йәшәр, кәкре юлдан киткән фаш ителер. Мәкерле күҙ ҡыҫҡан хәсрәт килтерер, ахмаҡты теле бәләгә илтер. Иманлының теле – тормош шишмәһе, ямандың ауыҙында золом йәшенеп ятыр. Нәфрәт талаш ҡуптарыр, әммә мөхәббәт бөтә гонаһтарҙы ҡаплар. Зирәктең ауыҙынан хикмәт сығыр, аҡылһыҙҙың арҡаһына һуйыл төшөр. Аҡыллылар белем туплар, ахмаҡтың теле һәләкәтте яҡынайтыр. Байға байлығы – ныҡлы ҡәлғә, ярлыға фәҡирлеге – оло бәлә. Тәҡүәнең хеҙмәт емеше тормошҡа илтә, яуыздың табышы – яза. Нәсихәтте үҙ итеү – тормошҡа юл, шелтәне үҙһенмәгән – юлдан аҙашыр. Нәфрәтен йәшергән – ялған һөйләр, ғәйбәт таратыу – ахмаҡлыҡҡа бәрәбәр. Күп һөйләгән гонаһтан ҡотола алмаҫ, телен тыйған аҡыллы булыр. Тәҡүәнең теле – саф көмөш, яуыздың йөрәге буп-буш. Иманлының һүҙе күптәрҙе туҡландыра, ахмаҡты үҙ алйотлоғо һәләк итә. Раббы фатихаһы кешене байыта, һин уның менән ҡайғы белмәҫһең. Ахмаҡ боҙоҡлоҡтан ләззәт таба, зирәкте – аҡыл шатландыра. Ямандың ҡурҡыуы ғәмәлгә аша, тәҡүә кеше моратына ирешә. Ҡупҡан ҡойон яманды һепереп түгер, тәҡүә кешенең нигеҙе мәңге торор. Тешкә – һеркә, күҙгә төтөн нисек булһа, йомошо төшкән кешегә ялҡау әҙәм дә шулай. Раббынан ҡурҡҡан – ғүмерен оҙайтыр, ямандарҙың йылдары иһә ҡыҫҡара барыр. Тәҡүәнең өмөтө шатлыҡҡа илтә, яуыздың көткәне бушҡа сыға. Камил кешегә Раббының юлы – һыйыныр урын, яуызлыҡ ҡылыусылар өсөн – һәләкәт. Тәҡүә мәңге тотороҡло булыр, яуыз иһә ерҙә ҡалмаҫ. Тәҡүә ауыҙынан хикмәт яуыр, мәкерле тел ҡырҡып ташланыр. Тәҡүәнең теле ләззәт килтерер, яуыздың ауыҙынан яманлыҡ сығыр. Алдаҡ үлсәү – Раббы өсөн ерәнгес, ул дөрөҫ герҙәрҙе хуп күрер. Тәкәбберлек артынан хурлыҡ килер, тыйнаҡтарға эйәреп аҡыл йөрөр. Намыҫлыны күңел сафлығы етәкләр, мәкерлеләрҙе хәйләһе харап итер. Раббының асыу көнөндә байлыҡ ярҙам итмәҫ, әммә тәҡүәлек үлемдән алып ҡалыр. Тәҡүәлек менән әҙәп тура юлдан йөрөтөр, яман әҙәмде үҙ боҙоҡлоғо йыға һуғыр. Намыҫлыларҙы тәҡүәлеге ҡотҡарыр, мәкерлеләр яман ниәттәренең тоҙағына эләгер. Яман әҙәм менән бергә өмөтө лә үлер, боҙоҡтарҙың көткәне аҡланмаҫ. Тәҡүә бәлә-ҡазанан ҡотолоп ҡалыр, уның урынына яман әҙәм эләгер. Аллаһыҙҙың теле күршеһен һәләк итер, тәҡүәләр белеме менән ҡотолоп ҡалыр. Тәҡүәгә яҡшы булһа – ҡала байрам итер, яман бәндәләр харап булһа – тантана яһарҙар. Намыҫлының фатихаһы менән ҡала төҙөлөр, яуыздың мәкерле теле арҡаһында емереп ташланыр. Ахмаҡ кеше яҡынын яманлар, белекле кеше өндәшмәй ҡалыр. Ғәйбәтсе кешенең серен асыр, тоғро кеше сер һаҡлай белер. Өгөт-нәсихәтһеҙ халыҡ юҡҡа сығыр, кәңәшселәре күп халыҡ имен йәшәр. Кеше бурысын үҙ өҫтөнә алған – бәләгә тарыр, үҙ өҫтөнә алырға ашыҡмаған – тыныс йәшәр. Һәйбәт күңелле ҡатын хөрмәт ҡаҙаныр, аяуһыҙ иһә байлыҡ йыйыр. Миһырбанлы әҙәм үҙенә бәрәкәт килтерер, рәхимһеҙ иһә зыянға тарыр. Яман әҙәмдең ҡаҙанышы – алдатҡыс, игелек иккәндең әжере ышаныслы. Ихлас тәҡүәлек юлы тормошҡа илтә, яуызлыҡҡа ынтылыусылар үлемгә ашыға. Раббы боҙоҡ күңеллеләрҙән ерәнә, пак юлдан барыусылар Уға ҡыуаныс. Хаҡ әйтәм, яман бәндә язаһыҙ ҡалмаҫ, иманлылар тоҡомо ҡоромаҫ. Елбәҙәк ҡатын-ҡыҙҙың сибәрлеге сусҡа моронондағы алтын алҡа һымаҡ. Иманлының уй-теләге – яҡшылыҡҡа, яуыздың өмөттәре Раббының асыуына килтерер. Ҡайһы берәүҙәрҙең бирергә ҡулы йомарт, әммә байлығы арта бара, ҡайһылар һаран, әммә хәйерселектән ҡотола алмай. Йомарт кеше етеш йәшәр, сарсағанға һыу биреүсенең үҙенә лә һыу бирерҙәр. Ашлығын ҡыҙғанғанды халыҡ ҡәһәрләр, уны ваҡытында һатҡан фатихаланыр. Яҡшылыҡ эҙләгән илтифат табыр, яманлыҡ артынан эйәргән башына бәлә алыр. Байлығына ғына иҫәп тотҡан шиңеп ҡалыр, иманлылар йәшел япраҡ һымаҡ булыр. Ғаиләһенә хәсрәт килтергәндең мираҫы ел булыр, ахмаҡ әҙәм аҡыллыға ҡол булыр. Тәҡүәлек емешенән тормош ағасы үҫеп сыға, аҡыл эйәһе кеше күңелен йәлеп итә. Тәҡүә ер йөҙөндә әжерен ала икән, яуыз менән гонаһ эйәһе хаҡында әйтеп тә тораһы түгел. Ғилем яратҡан нәсихәтте лә яратыр, шелтәне хуп күрмәгән – аңра ҡалыр. Күңеле яҡшыны Раббы хуп күрер, мәкерле кеше Уның хөкөмөнә тарыр. Кеше яуызлыҡ менән нығына алмаҫ, ә тоғроларҙың тамыры ҡоромаҫ. Әҙәпле ҡатын – ир башындағы таж, әҙәпһеҙ ҡатын – иренең һөйәгендәге серек. Тәҡүәнең маҡсаты – ғәҙеллек, яман әҙәмдең кәңәше – мәкер. Яуыздарҙың һүҙҙәре – ҡанлы тоҙаҡ, намыҫлының әйткәне яманлыҡтан ҡотҡара. Залимдар йығылып юҡ булыр, тәҡүәләрҙең йорто имен торор. Кеше аҡылына күрә маҡталыр, боҙоҡ ниәтле – хурланыр. Эре ҡыланып та, тәғәм икмәккә тилмергәнсе, үҙе эшләп ризыҡ тапҡан ябай кеше булыуың яҡшыраҡ. Игелекле әҙәм хатта малын да ҡайғырта, яман әҙәм иһә мәрхәмәт белмәҫ. Иген иккән икмәккә туйыр, буш-юҡ артынан ҡыуған әҙәм иһә – ахмаҡ. Боҙоҡ әҙәм башҡа яуыздарҙың байлығын көҫәр, тәҡүә әҙәмдең тамыры үҫенте бирер. Яман әҙәм үҙ теленең тоҙағына ҡабыр, дөрөҫлөккә тоғро – бәләнән ҡалыр. Кеше үҙ һүҙенең емештәре менән игелек табыр, хеҙмәте бүләк булып үҙенә әйләнеп ҡайтыр. Ахмаҡ үҙ юлын дөрөҫ тип уйлар, аҡыллы әҙәм кәңәшкә ҡолаҡ һалыр. Ахмаҡтың асыуы йөҙөнә сығыр, аҡыллы хурлауҙы ишетмәмешкә һалышыр. Намыҫлы шаһит дөрөҫөн һөйләр, ялған шаһиттың ауыҙынан алдаҡ ағылыр. Мәкерле һүҙ ҡылыс ише яралай, аҡыллының һүҙе дауалай. Хаҡ һүҙҙең ғүмере – мәңгелек, ялғандың ғүмере – бер күҙ асып йомған ара. Ниәте ямандың күңелендә – мәкер, татыулыҡ яҡлының күңелендә һөйөнөс булыр. Тәҡүә кешегә һис ниндәй зарар теймәҫ, яуыз иһә золомға тулышҡан. Ялғансы тел Раббы өсөн ерәнгес, намыҫлы эш иткәндәрҙе Ул күркәм күрә. Зирәк кеше белемен йәшереп һаҡлар, ахмаҡ әҙәмдең тилелеге алға сығыр. Егәрленең ҡулы етәкселек итер, ялҡаулығы кешене ҡол итер. Хәүеф кешенең йөрәген бөтөрә, яғымлы һүҙ күңелен күтәрә. Тәҡүә кеше яҡынына юл күрһәтер, яуыз иһә юлдан аҙаштырыр. Ялҡау ауына эләккәнде лә бешермәҫ, егәрленең мал-мөлкәте һан белмәҫ. Хаҡлыҡ юлы – йәшәү сығанағы, кем был юл менән бара, унда үлем юҡ. Аҡыллы улан ата өгөтөн тыңлар, йүнһеҙ улан шелтәгә ҡолаҡ һалмаҫ. Кеше үҙ һүҙенең емештәре менән игелек табыр, мәкерленең күңеле тик золом теләр. Кем телен тыя, шул йәнен һаҡлар, телен тыймаған харап булыр. Ялҡау әллә нәмәләр көтөп ятҡансы, егәрле тамағын туйҙырған. Тәҡүә әҙәм алдаҡты һөймәй, боҙоҡ иһә хурлыҡҡа төшә, мәсхәрәгә ҡала. Дөрөҫлөк юлында булғанды тоғролоғо ҡотҡарыр, яуызды ҡылған гонаһы һәләк итер. Ҡайһылар хәйерсе булһа ла, бай булып ҡылана, икенселәр бай булһа ла, хәйерсе булып күренергә тырыша. Бай әҙәм байлығы менән ғүмерен һаҡлай, ә ярлыға һис нәмә янамай. Иманлының шәме яҡты яна, яуыздыҡы быҫҡып һүнә. Тәкәбберлектән тик ыҙғыш сыға, кәңәшле эш иткәндәр аҡыл йыя. Харам юл менән табылған байлыҡ тарҡала, бөртөкләп йыйылған байлыҡ арта бара. Оҙаҡ бойомға ашмаған өмөт – йөрәк әрнеүе, ә ғәмәлгә ашҡаны – тормош ағасы. Нәсихәтте һанға һуҡмаған – зыян күргән, бойороҡто тотҡан – бүләкләнгән. Аҡыл эйәһенең тәғлимәте – тормош шишмәһе, ул үлем тоҙағынан һаҡлай. Айыҡ аҡыл илтифат ҡаҙана, мәкер юлы һәләкәткә илтә. Зирәк кеше белеменә таянып эш итер, аҡылһыҙ ахмаҡлығын күрһәтер. Яман илсе бәләгә тарыр, тоғро илсе күңелгә шифа килтерер. Нәсихәткә ҡолаҡ һалмаған малһыҙ-данһыҙ ҡалыр, нәсихәтте үҙ иткән ҡәҙер-хөрмәт табыр. Ғәмәлгә ашҡан теләк – күңелгә дауа, йүләргә яуызлығы менән хушлашыу – ҡот осҡос. Аҡыллы менән эш иткән – аҡыл йыйған, аҡылһыҙҙы иш иткән – туңған. Гонаһлыны – бәлә-ҡаза, тәҡүәне яҡшылыҡ оҙата йөрөй. Тәҡүә балаларының балаларына ла мираҫ ҡалдыра, гонаһлының тапҡаны тәҡүәгә насип була. Ярлының баҫыуында уңышы мул, тик уны ғәҙелһеҙлек харап итә. Сыбығын йәлләй икән, тимәк, улын яратмай, улын яратһа, ваҡытында арт һабағын уҡытыр. Яҡшы әҙәм туйғансы ашар, яман әҙәмдең ҡорһағы буш ҡалыр. Аҡыллы ҡатын өй күтәрер, ахмаҡ ҡатын уны үҙ ҡулы менән емерер. Тура юлдан йөрөгән кеше Раббынан ҡурҡа, юлынан тайпылған кеше Уны һанға һуҡмай. Ахмаҡтың һөйләнгәне – арт һанына ҡамсылыр, аҡыллының теле иһә – үҙе өсөн һаҡлыҡтыр. Үгеҙ булмаған урында утлыҡса буш, әммә үгеҙе көслөнөң игене мул. Ышаныслы шаһит ялғанламаҫ, ялған шаһиттың ауыҙынан алдаҡ ағылыр. Мыҫҡылларға яратыусы әҙәм аҡыл эҙләһә лә таба алмаҫ, зирәккә белем анһат бирелер. Ахмаҡтан йыраҡ тор – ауыҙынан мәғәнәле һүҙ ишетмәҫһең. Зирәк кешенең аҡылы – үҙ юлын белеүҙә, Аҡылһыҙҙар ахмаҡлығы – уларҙың алдашыуында. Ахмаҡтар гонаһ ҡорбанына көлөп ҡарар, намыҫлылар Раббының илтифатын ҡаҙаныр. Йөрәк үҙ һағышын үҙе белә, шатлығын да яттар менән уртаҡлашмай. Ямандарҙың йорто емерелер, намыҫлыларҙың сатыры сәскә атыр. Ҡайһы бер юл тура булып тойолһа ла, ахыры үлемгә алып килә. Көлгәндә лә ҡай сағында йөрәк һыҙлай, шатлыҡтың һуңында ҡайғы бар. Аҙғын әҙәм үҙенең боҙоҡ юлының, яҡшы кеше игелегенең әжерен күрер. Бер ҡатлы әҙәм һәр һүҙгә ышанып бара, зирәк кеше алдын-артын ҡарап йөрөй. Аҡыллы әҙәм яманлыҡтан ҡурҡып тайшана, ә ахмаҡ, дыуамалланып, үҙенә ышана. Дыуамал бәндә ахмаҡлыҡ эшләр, мәкерле әҙәм нәфрәткә дусар булыр. Томана мираҫҡа ахмаҡлыҡ алыр, ә зирәктең тажы – ғилем булыр. Ямандар – яҡшылар ҡаршыһында, яуыздар – тәҡүәләр алдында баш эйер. Ярлыны яҡындары ла ят күрә, байҙың дуҫтары күп була. Яҡынын өнәмәгән – гонаһлы, ярлыға хәстәрлекле булған – бәхетле. Яуызлыҡ ниәтләгән юлдан аҙашмаҫмы? Ә һөйөү һәм тоғролоҡ яҡшы ниәтлеләр менән булыр. Һәр тырыш хеҙмәт ҡаҙаныш килтерә, буш хәбәрҙән нужа тыуа. Аҡыл эйәләренең тажы – уларҙың байлығы, ахмаҡтар иҫәрлеге менән танылыр. Тоғро шаһит йәндәрҙе ҡотҡарыр, ялған шаһиттың ауыҙынан алдаҡ ағылыр. Раббынан ҡурҡыу – ныҡлы ҡалҡан, үҙеңде лә, затыңды ла һаҡлар. Раббынан ҡурҡыу – тормош шишмәһе, ул үлем тоҙағынан һаҡлай. Ишле халыҡ – батшаның шөһрәте, халҡының аҙлығы – хакимдың һәләкәте. Сабыр кеше – аҡылға бай, ҡыҙыу бәндә ахмаҡлығын арттырыр. Тыныс күңел – тәнгә сихәт, көнсөллөк һөйәктәрҙе серетә. Ярлыны рәнйеткән – уның Яратыусыһын хурлаған, хәйерсене хәстәрләгән – Раббыны данлаған. Яуыздың яманлығы үҙ башына төшөр, яҡшы кеше үлем сигендә лә ышыҡ табыр. Зирәклек аҡыл эйәһенең йөрәгендә оя ҡорор; хатта ахмаҡтар ҙа уны күрмәй ҡалмаҫ. Тәҡүәлек халыҡ өсөн – ҙурлыҡ, гонаһ иһә халыҡ өсөн – хурлыҡ. Аҡыл менән эш иткән хеҙмәтсе батшаның рәхмәтен ҡаҙаныр; хурлыҡлы эш ҡылыусы уның асыуына дусар булыр. Йомшаҡ яуап асыуҙы баҫыр, ҡаты һүҙ һарыуҙы ҡайнатыр. Аҡыллының теле ғилемде күркәм итә, аҡылһыҙҙың теле ахмаҡлыҡ сәсә. Раббы күҙе һәр тарафҡа барып етә: ул яҡшыһын да, яманын да күреп тора. Шифалы һүҙ – тормош ағасы, хәйләле һүҙ – рухты емерә. Алйот атаһының өгөт-нәсихәтен эшкә һанамаҫ; өгөттө ҡолағына киртеп ҡуйған иһә аҡыллы. Тәҡүәнең өйө тулы хазиналыр, ямандың мал-мөлкәте бәлә килтерер. Аҡыллының теле ғилем тарата, ахмаҡтың күңелендә ғилемгә урын юҡ. Иманһыҙ килтергән ҡорбан – Раббы өсөн ҡәбәхәтлек, иманлының доғаһы – Уға ҡыуаныс. Иманһыҙҙың юлы – Раббыға ҡәбәхәт, Ул хаҡлыҡ юлынан йөрөгәнде ярата. Тоғро юлды ташлағанды ҡаты яза көтөр, шелтә һүҙгә нәфрәтләнгән – һәләк булыр. Үлеләр донъяһы һәм Һәләкәт урыны асыҡ булған Раббыға кешенең йөрәгендә ниндәй сер булһын! Йүнһеҙ әҙәм үҙен фашлағанды яратмаҫ, ул аҡыл эйәһе янына яҡын юламаҫ. Күңеле көрҙөң йөҙө лә нурлы, ә ҡайғы-хәсрәт рухты төшөрә. Зирәк йөрәк ғилем эҙләр, ахмаҡ тилелеге менән туйыныр. Ярлының һәр көнө ҡайғылы, бәхетленең йөрәгендә – көн дә байрам. Байлыҡ йыйып, хафаланып йәшәгәнсе, әҙгә хушһынып, Раббыны ҙурлау хәйерлерәк. Һөйөү тулы урында тик йәшелсә генә ашау нәфрәт тулы урында һимеҙ тана ите ашауҙан яҡшыраҡ. Яндырай ғауға сығара, сабыр кеше ыҙғышты туҡтата. Ялҡауҙың юлын сәнскәк баҫыр, намыҫлыларҙың юлы тигеҙ-киң. Аҡыллы ул – атаға һөйөнөс, ахмаҡ ул – әсәһен хурлар. Ахмаҡ тилеләнә лә шатлана, аҡыллы тура юлдан бара. Кәңәшһеҙ эш тарҡалыр, кәңәшселәр күп булһа, уңыш ҡаҙаныр. Кеше дөрөҫ яуап бирһә – шатлыҡ; һүҙҙең урынлы әйтелгәне яҡшы! Аҡыллы кеше түбәндән, үлеләр донъяһынан тайпылыр өсөн юғары, йәшәүгә илткән юлдан йөрөй. Раббы тәкәбберҙең йортон емерер, тол ҡатындың биләмәһен һаҡлар. Ямандарҙың ниәте Раббыға ерәнгес, яғымлы һүҙҙәр иһә Уның өсөн пак. Ҡомһоҙ бәндә йортона бәлә тартыр, ришүәткә юл ҡуймаған кеше – имен йәшәр. Тоғро йөрәк уйлап яуап бирер, яуыздың теленән ағыу тамыр. Раббы ямандарҙан алыҫ тора, иманлының доғаһына ҡолаҡ һала. Нурлы ҡараш күңелде ҡыуандыра, яҡшы хәбәр йәнгә-тәнгә аҙыҡ бирә. Тормош һабағына иғтибарлы ҡолаҡ аҡыллылар араһында йәшәр. Нәсихәтте кире ҡаҡҡан – зыян күрә, өгөттәргә ҡолаҡ һалған – аҡыл йыя. Раббынан ҡурҡыу аҡылға өйрәтә, күндәмлек данға юл аса. Кеше күңелендә ниәт ҡора, әммә бөтә нәмәгә яуап – Раббынан. Кеше бөтә юлдарын да пак тип һанай, ләкин Раббы күңелдәрҙе һынап ҡарай. Эшеңде Раббы ихтыярына тапшыр – уй-ниәттәрең тормошҡа ашыр. Раббы һәр нәмәне Үҙ маҡсаты өсөн яратҡан, хатта яуызды ла бәлә көнө өсөн һаҡлар. Барса тәкәбберҙәр Раббыға ерәнгес, улар аслан язаһыҙ ҡалмаҫ. Мөхәббәт менән тоғролоҡ ғәйептән пакландыра, Раббынан ҡурҡыу гонаһтан тыя. Кешенең юлы Раббыға хуш булһа, Раббы уны дошмандары менән дә яраштыра. Ғәҙел юл менән табылған әҙ нәмә нахаҡ юл менән ҡаҙанған байлыҡтан яҡшыраҡ. Кеше үҙ юлын үҙе һайлай, әммә аҙымдарын Раббы йүнәлтә. Батша ауыҙында – әүлиә һүҙҙәр, хөкөм сығарғанда ла ул яңылышмаҫ. Дөрөҫ үлсәү – Раббынандыр, үлсәүҙең герҙәрен дә Ул бар ҡылған. Батшаның яуызлыҡ ҡылыуы – ҡәбәхәтлек, сөнки тәхет ғәҙеллек менән нығытыла. Тоғро һүҙ батша өсөн – ҡыуаныс, ул дөрөҫ һөйләгәнде ярата. Батшаның асыуы – үлем илсеһе, әммә аҡыллы кеше уны тынысландырыр. Батшаның нурлы ҡарашында тормош бар, уның илтифаты – яҙғы ләйсән. Зирәклек ҡаҙаныу алтынға эйә булыуҙан, белем ҡаҙаныу саф көмөштән яҡшыраҡ. Намыҫлының юлы – боҙоҡлоҡтан ситкә тайпылыу; аҙымын белеп баҫҡан – йәнен һаҡлар. Тәкәбберлек артынан һәләкәт килә, маһайыуҙың һуңы иһә – хурлыҡ. Тәкәбберҙәр менән табыш бүлешкәнсе, күндәм рухлы булып ярлылар менән йәшәү яҡшы. Өгөткә ҡолаҡ һалған – уңған, Раббыға таянған – бәхеткә ирешкән. Күңеле зирәк кешене һиҙгер тиерҙәр, һүҙе яғымлы кеше ғилемен арттырыр. Зиһене бар кеше өсөн аҡыл – тормош шишмәһе, ахмаҡҡа иһә ахмаҡлығы – яза. Аҡыллының йөрәге теленә зирәклек бирер, әйткәндәрен ышаныслы итер. Татлы һүҙ – баллы кәрәҙ: йәнгә рәхәт, тәнгә сихәт. Ҡайһы бер юл тура булып тойолһа ла, ахыры үлемгә алып килә. Хеҙмәт кешеһе үҙенә үҙе ял бирмәй, сөнки уны ас ҡарыны өндәй. Йүнһеҙ әҙәм боҙоҡлоҡҡа шәп, теле, гүйә, ялмар ялҡын. Мәкерле янъял тыуҙыра, ғәйбәтсе дуҫтарҙы айыра. Залим дуҫын алдар, уны яман юлға этәрер. Күҙен ҡыҫҡан – яман ниәт ҡора, иренен ҡымтыған – яуызлыҡ ҡыла. Сал сәс – кешенең тоғро юлда ҡаҙанған шөһрәт тажы. Түҙем әҙәм баһадирҙан көслөрәк, үҙ-үҙенә баш булған кеше ҡала алған яугирҙән ҡөҙрәтлерәк. Күпме генә йәрәбә һалһаң да, бөтә ҡарар – Раббынан. Табыны мул булған ғауғалы йорттан, бер тешләм икмәк ҡатыһы булған тормош хәйерлерәк. Аҡыллы хеҙмәтсе хужаһының боҙоҡ улынан өҫтөн булыр; мираҫтан да хужаның улдары менән бер рәттән өлөш алыр. Алтын-көмөш утта һынала, әҙәмдәрҙең күңелен Раббы һынай. Яман әҙәм яуыздар һүҙенә ҡолаҡ һала, алдаҡсы әҙәм ғәйбәтселәргә эйәрә. Ярлынан көлгән әҙәм Яратыусыһын да хурлай, кеше бәхетһеҙлегенә һөйөнгән – язаһын алмай ҡалмай. Ейәндәр – өлкәндәрҙең тажы, балаларҙың даны – ата-әсәһе. Ахмаҡҡа күтәренке телмәр оҡшамаған һымаҡ, затлы затҡа алдаҡ һүҙҙәр килешмәй. Ришүәт – уны биргән кешегә тылсымлы таш һымаҡ тойола: гүйә, ҡайҙа боролһаң да, файҙа килтерә. Кенә тотмаған – дуҫлыҡты һаҡлаған, үпкәһен онотмаған – дуҫын юғалтҡан. Белеклегә шелтә лә һабаҡ, ахмаҡҡа йөҙ туҡмаҡтың да файҙаһы юҡ. Ғауғасыға янъял ғына булһын, шуға күрә уға илсенең иң аяуһыҙы күндерелер. Ҡоторонған ахмаҡҡа ҡарағанда, балаһын юғалтҡан инә айыуға осрауың хәйерлерәк. Яҡшылыҡҡа яманлыҡ менән атҡандың йортонан бәлә китмәҫ. Ыҙғыш башы быуа йырылыуға тиң, ҡыҙып китмәҫ элек туҡтай һал. Яманды яҡлау, ғәйепһеҙгә ғәйеп ташлау – икеһе лә Раббы күҙендә әшәкелек. Был нимә? Ахмаҡтың ҡулында аҡса бар ҙа, аҡыл һатып алырға башы юҡ. Ысын дуҫтың дуҫлығы ғүмерлек; туған бәлә уртаҡлашыр өсөн тыуған. Ярҙам ҡулы һуҙмаҡ булып, башҡа кеше өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөңә алыу – алйотлоҡ. Ыҙғыш яратҡан әҙәм – гонаһҡа ла әүәҫ; үҙ-үҙен юғары ҡуйып маҡтанған башына бәлә эҙләй. Боҙоҡ әҙәм яҡшылыҡ белмәҫ, мәкерле тел бәләгә дусар булыр. Ахмаҡ баланың ата-әсәһе башына ҡайғы алыр; алйот улдың атаһынан һөйөнөс ҡасыр. Шат күңел – иң шәп дауа, төшөнкө күңел һөйәктәрҙе ҡорота. Хаҡ хөкөмдө боҙор өсөн яуыз кеше йәшереп кенә ришүәт ала. Зирәктең күҙе аҡылға төбәлгән, ахмаҡтың күҙе ерҙең һәр тарафына йүнәлгән. Ахмаҡ улан – атаға көйөнөс, уны тапҡан әсәгә – әрнеү. Ғәйепһеҙ кешегә яза биреү, хөрмәтлене тура һүҙе өсөн туҡмау – яман эш. Зиһенле һүҙен үлсәп әйтер, белекле бушҡа ҡыҙып бармаҫ. Өндәшмәгән саҡта алйот та аҡыллы тойолор, ауыҙын йомоп ултырһа, белдекле күренер. Бүтәндәр менән иҫәпләшмәгән кеше нимә теләй, шуны эшләй; һәр төрлө аҡыллы нәсихәткә ҡаршы килә. Ахмаҡ белемде яратмай, үҙенең фекерен генә алға һөрә. Яуызлыҡ артынан нәфрәт килә, намыҫһыҙлыҡҡа хурлыҡ эйәрә. Кеше ауыҙынан сыҡҡан һүҙҙәр – тәрән йылға һымаҡ, аҡыл сығанағы – ташҡын һыу. Яуызды яҡлашыу, ғәйепһеҙҙе хаҡ хөкөмдән мәхрүм итеү – енәйәт. Ахмаҡтың теле ыҙғыш ҡуптара, ауыҙы туҡмаҡҡа сәбәп була. Ахмаҡтың теле – үҙе өсөн һәләкәт сығанағы, әйткән һүҙе – йәненә тоҙаҡ. Ғәйбәтсенең һүҙе – тәмле тәғәм, кешенең эс-бауырына үтеп инә. Эшендә ялҡау булған кеше – емереүсенең туғаны. Раббы исеме – ҡеүәтле ҡәлғә, тәҡүә әҙәм унда ҡасып имен ҡала. Байға байлығы – ныҡлы ҡәлғә, бейек диуар һымаҡ күренә уға. Һәләкәттән алда күңел тәкәбберлеге килә, тыйнаҡлыҡ иһә үҙе артынан дан-шөһрәт эйәртә. Тыңлап бөтмәйенсә яуап ҡайтарыу – ахмаҡлыҡ һәм хурлыҡ. Кешенең рухы ауырыуға сыҙай ала, тик рух һынһа, нимә эшләргә һуң? Аҡыллы әҙәм ҡолағы менән белем эҙләр, аңлы бәндә йөрәге менән аҡыл туплар. Бүләк биреү кешегә юл аса, бөйөктәр алдына алып бара. Хөкөмдә беренсе һөйләгән кеше икенсеһе бәхәскә ҡушылғанға тиклем хаҡ күренер. Көслө дәғүәселәр араһында бәхәсте йәрәбә хәл итә. Рәнйеүле туған – нығытмалы ҡала, ә ыҙғыш бикле ҡапҡа һымаҡ айыра. Үҙ теленең емеше менән туя кеше, теле нимә таба, шуға ҡәнәғәт була. Үлем менән йәшәү – телдең хөкөмөндә, телгә оҫталар уның емеше менән туйына. Ҡатын тапҡан – хазина тапҡан, Раббының илтифатын ҡаҙанған. Ярлы ялбарып һорар, бай тупаҫ яуаплар. Дуҫы күптең эш-мәшәҡәте күп, ләкин туғандан да яҡыныраҡ дуҫ була. Ялған телле, өҫтәүенә ахмаҡ кешенән, намыҫлы йәшәгән ярлы күпкә яҡшыраҡ. Белемһеҙ тырышлыҡ яҡшы түгел, ашыҡҡан аяҡ абыныр. Ахмаҡлыҡ кешене юлдан яҙҙыра, ғәйепте ул асыуланып Раббыға япһара. Барлыҡ дуҫтарҙы арттыра, юҡлыҡ дуҫтарҙы айыра. Ялған шаһит язаһыҙ ҡалмаҫ, алдаҡ һөйләгән ҡотола алмаҫ. Түрә алдында күптәр ҡуштанлана, бүләк биреүсе әҙәм менән һәр кем дуҫ була. Ярлыны хатта туғаны ла яратмаҫ, дуҫ тигәне лә унан ситләшер: һөйләшәм тип ашығып барһа – улар юҡ! Аҡыл йыйған – үҙ йәнен дә һөйгән, аҡыл менән эш иткән – бәхет тапҡан. Ялған шаһит язаһыҙ ҡалмаҫ, алдаҡ һөйләгән һәләк булыр. Ахмаҡҡа муллыҡта йәшәү килешмәгән һымаҡ, ҡолға бейҙәр өҫтөнән хаким булыу килешмәҫ. Төплө кеше асыуҙан тыйылыр, ғәйепте кисерә белеү уға ҙурлыҡ бирер. Батшаның ярһыуы гүйә арыҫлан ырылдауы, ә илтифаты үләндәге ысыҡ һымаҡ. Аҡылһыҙ улан – атаһына бәлә, мыжыҡ ҡатын – туҡтауһыҙ тамған һыу кеүек. Йорт-мал – ата-әсәнән ҡалған мираҫ; аҡыллы ҡатын – Раббы бирмеше. Ялҡау йоҡоға туймаҫ, эшлекһеҙҙең ашы булмаҫ. Бойороҡто үтәгән ғүмерен һаҡлар, юлын ҡайғыртмаған үлемгә осрар. Хәйерсегә игелек күрһәткән – Раббыға бурысҡа биргән, Раббы уға тулыһынса ҡайтарасаҡ. Улыңды өмөт барҙа тәрбиәлә, ҡара уны, һәләкәтенә юл ҡуйма. Ярһыу әҙәмгә ваҡытында язаһын бирергә тейешһең; бер аяһаң, тағы ла насарыраҡ булыр. Кәңәш тыңла, өгөт-нәсихәткә ҡолаҡ һал, ахыр килеп аҡыллыраҡ булырһың. Кеше йөрәгендә ниәттәр күп, әммә Раббы ихтыяр иткәне генә бойомға аша. Кешенең тоғролоғо – ҡиммәт, алдаҡсыға ҡарағанда ярлы яҡшыраҡ. Раббынан ҡурҡыу кешене йәшәүгә илтә; ундай кеше ҡәнәғәт йәшәр, тыныс йоҡлар, уға бер ниндәй ҙә насарлыҡ яҡынламаҫ. Ялҡау әҙәм табаҡҡа ҡулын тығыр, тик ауыҙына еткергәнсе йыбаныр. Хаяһыҙҙы шелтәләһәң, бер ҡатлылар һабаҡ алыр, аҡыллыны тәнҡитләһәң, өгөт-нәсихәтте алыр. Атаһын бөлдөргән, әсәһен өйҙән ҡыуған улан оят һәм хурлыҡ килтерә. Улым, өгөт-нәсихәтте тыңламаһаң, һабаҡ биргән һүҙҙәрҙән мәхрүм ҡалырһың. Мәкерле шаһит хаҡ хөкөмдө мыҫҡыл итә, яуыздың ауыҙы боҙоҡлоҡто йота. Хаяһыҙ әҙәм – хөкөмдән, ахмаҡтың арҡаһы ҡамсынан ҡотола алмаҫ. Шарап – мәсхәрәгә ҡалдыра, хәмер – шаштыра, уларға алданғандар – ахмаҡ. Батшаның ярһыуы – гүйә арыҫлан ырылдауы, ҡыҙҙырма уны – үҙеңде хәүефкә ҡуйырһың. Талаш-тартыштан йыраҡ торған кешегә хөрмәт, ә һәр ахмаҡ ғауға сығарыр. Ялҡау көҙөн ерен һөрмәй, ураҡ мәлендә буш баҫыуҙы һәрмәй. Кеше башындағы уй-ниәттәр – тәрән йылға, аҡыллы кеше унан һоҫоп-һоҫоп алыр. «Тоғромон», – тип күптәр һөрән һала, ләкин таянырлыҡ иптәш табырһыңмы? Тәҡүә кеше хәләл донъя көтә, үҙенән һуң килгән нәҫеле лә бәхетле булыр. Хөкөм тәхетендә ултырған батша үҙ күҙе менән бөтә яманлыҡты ҡыуып таратыр. «Күңелемдә һис бысраҡлыҡ юҡ, гонаһымдан инде таҙарындым», – тип кем әйтә алыр? Иңен-буйын, ауырлығын алдап үлсәү – икеһе лә Раббы алдында әшәкелек. Хатта йәш баланы – холҡонан, сафлығын һәм тоғролоғон эштәренән белеп була. Ишетер ҡолаҡты ла, күрер күҙҙе лә Раббы бар ҡылған. Күп йоҡлаһаң, ас ҡалырһың, күҙ йоммаһаң, өҫтәлең һыйлы булыр. «Тауарың насар, насар», – ти һатып алыусы, ә китеү менән – маҡтана. Алтын да бар, аҫылташтар ҙа, ләкин иң ҡиммәтлеһе – белемле тел. Ят кеше өсөн үҙенә яуаплылыҡ йөкмәгәндең кейемен ал, уны үҙеңә рәһен итеп ҡалдыр. Нахаҡ юл менән табылған икмәк башта тәмле булһа ла, аҙаҡ ауыҙы тулы таш булыр. Маҡсат ҡорғанға тиклем башҡалар менән кәңәшләш, һуғышҡа ла кәңәшләшмәйенсә сыҡма. Ғәйбәт һөйләгән – серҙәрҙе лә асҡан, ауыҙында һүҙ тотмаған менән аралашма. Ата-әсәһенә тел тейҙергән бәндәнең сыраһы төн ҡараңғылығында ҡапыл һүнер. Ҡомһоҙлоҡ менән тартып алынған мираҫ ахырҙа бәрәкәт килтермәҫ. «Яуызлыҡ өсөн ҡон ҡайтарам», – тимә, Раббыға тапшыр – Ул һине һаҡлар. Раббы алдатҡыс герҙәрҙән екһенер, ялған үлсәүҙе Ул хупламай. Кешенең аҙымын Раббы йүнәлтә, шулай икән, кеше үҙенең юлын нисек аңлаһын? Уйламай нәҙер әйтеү, әйткәндән һуң икеләнеп йөрөү – кешенең үҙ-үҙенә ҡорған тоҙаҡ. Аҡыллы батша залимдарҙы иләп айырыр, өҫтәренән һуҡҡыс тәгәрмәсен тәгәрәтер. Әҙәмдең рухы – Раббы шәмелер, күңеленең иң төпкөлдәрен һынар. Батшаны мәрхәмәт менән хаҡлыҡ һаҡлай, тоғролоҡ уның тәхетен тотоп торор. Ҡеүәт – егеттәрҙең ғорурлығы, сал сәстәр иһә – ҡарттарҙың шөһрәте. Йәрәхәт-яра – яуызлыҡтан дауа, йоҙроҡ татыу – кешенең холоҡ-фиғелен төҙәтә. Батшаның йөрәге, һыу ағымы һымаҡ, Раббы ҡулында: Ул уны ҡайҙа теләй, шунда бороп ебәрә. Кеше барған юлын дөрөҫ тип һанай, ләкин Раббы йөрәктәрҙе Үҙе үлсәй. Тәҡүәлек менән ғәҙел ғәмәл ҡылыу Раббы алдында ҡорбан килтереүҙән өҫтөнөрәк. Тәкәббер ҡараш, һауалы йөрәк – яуыздарҙың гонаһ юлындағы сырағы. Тырыш кешене ниәттәре муллыҡҡа килтерер, ашыҡ-бошоҡ эшләүсе мохтажлыҡҡа дусар булыр. Ялған юл менән табылған байлыҡ – таралып китер томан һәм үлем тоҙағы. Залимдарҙың яуызлығы үҙ башына төшөр, сөнки улар ғәҙеллектән баш тартты. Мут әҙәмдең юлы – кәкре, ихластың ғәмәле дөрөҫ булыр. Холоҡһоҙ ҡатын менән бер өйҙә йәшәгәнсе, ҡыйыҡ башында йәшәү хәйерлерәк. Яман әҙәм яуызлыҡҡа йән атыр, хатта яҡынын да аямаҫ. Мыҫҡыллаусыға яза биргәндә, бер ҡатлы аҡылланыр; аҡыллыға өгөт бирһәң, үҙенә белем алыр. Алла – ғәҙел, Ул яуыздарҙың йортон күҙәтеп тора, уларҙы бәләгә дусар итә. Ярлының ялбарғанына ҡолаҡ һалмаған бәндә ярҙам һорап бер саҡ ялбарыр ҙа – яуап булмаҫ. Йәшереп бирелгән бүләк – асыуҙы, ҡуйынға тығылған ришүәт ярһыуҙы баҫыр. Хаҡ хөкөм яҡшы кешегә – шатлыҡ, яуызлыҡ ҡылыусыларға ҡурҡыу алып килә. Аҡыл юлынан тайпылған әҙәм үлеләр донъяһында урын алыр. Кәйеф-сафа һөйгән әҙәм муллыҡ белмәҫ, ашау-эсеү, шарап һөйгән – һис етешмәҫ. Яуыз бәндә – тәҡүәнең, хыянатсы бәндә намыҫлының йоломолор. Холоҡһоҙ, ғауғасыл ҡатын менән йәшәгәнсе, сүлдә йәшәүең хәйерле. Аҡыллының йортонда хазина һәм муллыҡ; ахмаҡ иһә нәмәһе бар, шуны ашай-туҙҙыра. Тәҡүәлеккә, тоғролоҡҡа ынтылғандар имен тормош, ҡәҙер-хөрмәт ҡаҙаныр. Аҡыллы ныҡ һаҡланған ҡаланы алыр, ҡаҡшамаҫлыҡ тип һаналған нығытманы ҡолатыр. Теленә ирек бирмәгән кеше үҙен бәләләрҙән һаҡлар. Тәкәббер, эре әҙәм – исеме уның «хаяһыҙ», үҙен башҡаларҙан үтә өҫтөн тотор. Ялҡауҙы ҡомһоҙлоҡ бөлдөрә, сөнки ҡулы эште һөйһөнмәй, ә теләге һаман көсәйә. Тәҡүә кеше иһә йәлләмәй өләшә. Яуыздар килтергән ҡорбан – ерәнгес, боҙоҡ ниәт менән килтерелһә, айырыуса. Ялған шаһит һәләк булыр, үҙе ишеткәнде һөйләүсенең һүҙе дөрөҫкә сығыр. Ямандың сырайы ҡырыҫ булыр, намыҫлы иһә үҙ юлын ныҡ тотор. Раббыға ҡаршы торор аҡыл да, зирәклек тә, кәңәш тә юҡ. Яу көнөнә аттарҙы алдан әҙерләйҙәр, тик еңеүҙе бары Раббы ҡаҙандыра. Яҡшы исем – ҙур байлыҡтан, абруй алтын-көмөштән ҡиммәт. Бай һәм ярлы йәнәш баҫыр – һәр ҡайһыһын Раббы яратҡан. Зирәк, хәүефте алдан күрер ҙә, йәшенер, бер ҡатлы һаман алға бара бирер ҙә, зыян күрер. Тыйнаҡлыҡ һәм Раббынан ҡурҡыуҙың нәтижәһе – байлыҡ, хөрмәт, имен тормош. Залимдың юлын сәнскәк менән тоҙаҡ һағалай; ғүмерен ҡайғыртҡан унан йыраҡ йөрөр. Балаңа лайыҡлы юлды йәштән өйрәт – ҡартайғас та шул юлдан тайпылмаҫ. Бай ярлылар өҫтөнән хакимлыҡ итер, бирәсәккә алған – биреүсегә ҡол. Ғәҙелһеҙлек сәскән – бәлә урған, уның асыу ҡамсыһы юҡҡа сығыр. Миһырбанлы кеше фатихалы булыр, сөнки ул үҙ икмәген ярлы менән бүлешә. Әҙәпһеҙҙе ҡыуып ебәр – ыҙғыш китер, янъял менән талаш тыныр. Күңел сафлығын яратҡан, телендә гел яғымлы һүҙ булғанды батша ла үҙенә дуҫ һанар. Раббы күҙе ғилемде һаҡлай, хыянатсы бәндәнең һүҙҙәрен бушҡа сығара. Ялҡау әҙәм: «Урамда арыҫлан! Тышҡа сыҡһам, мине үлтерерҙәр», – тиер. Ят ҡатындың ауыҙы – төпһөҙ упҡын, Раббы ҡәһәрләгән шунда ҡолап төшөр. Бала башындағы иҫәрлекте тәртип сыбығы тиҙ ҡыуып сығарыр. Байлыҡ арттырыр өсөн ярлыны рәнйетеүсе, байға ришүәт биреүсе бөлгөнлөккә төшөр. Ҡолағыңды ас та аҡыллылар һүҙен тыңла, минең белемемә күңел һал. Уларҙы йөрәк түреңдә һаҡлаһаң, улар һәр саҡ ауыҙыңда булһа, һиңә йыуаныс булыр. Раббыға өмөт бағлап йәшәр өсөн, бөгөн уларҙы һиңә өйрәтәм. Былай ҙа мохтаж булған ярлыны талама, йәберләнгәнде хөкөм алдында ҡыҫма; сөнки уларҙың дәғүәләрен Раббы хәл итер, уларҙы талағандарҙың йәнен ҡыйыр. Тиҙ асыуланған менән аралашма, ҡыҙыу бәндә менән юлдаш булма. Юҡһа улар юлына төшөрһөң, йәнеңде ауға эләктерерһең. Ҡул биреп, кеше бурысын үҙ өҫтөңә алыусыларҙан булма. Юҡһа, түләр хәлең ҡалмағас, аҫтыңдағы түшәгеңде лә алырҙар. Ата-бабаң ҡуйып ҡалдырған боронғо ыҙан ташын күсермә. Үҙ эшенең оҫтаһын күргәнең бармы? Ул ябай кешеләргә түгел, батшаларға хеҙмәт итер. Хаким менән табында ултырғанда, кем менән ултырғаныңды онотма. Ашау яғына үтә шәп булһаң, нәфсеңде тыя бел. Уның һыйына ымһынып, онотолма, сөнки был – алдаҡсы ризыҡ. Байыйым тип үтә бөтөрөнмә, зиһенең ундай уйҙарыңа сик ҡуя белһен. Байлыҡ күҙ асып йомғансы юҡ була, ҡанатланып, бөркөт һымаҡ күккә осоп китер. Һаран әҙәмдең ризығын ашама, уның тәмле-татлыһынан тыйыл, сөнки эстән ул үҙ файҙаһын иҫәпләй, «Аша ла эс», – тиер һиңә, тик күңеле менән һинең янда булмаҫ. Йотҡан киҫәгеңде кире сығарырһың, яғымлы һүҙҙәрең бушҡа булыр. Ахмаҡҡа хәбәр һөйләмә – ул һинең аҡыллы һүҙҙәреңдән көлөр. Күптән үк ҡуйылған ыҙан ташын күсермә, етемдәр өлөшөнә һин кермә, сөнки уларҙың Яҡлаусыһы ҡөҙрәтле, уларҙың һиңә ҡаршы дәғүәләрендә етемдәрҙең тарафын аласаҡ. Йөрәгеңде нәсихәткә йүнәлт, ҡолағыңды ғилем тыңларға өйрәт. Балаңдың ғәйебен язаһыҙ ҡалдырма, сыбыҡтан кеше үлмәй. Сыбыҡ менән арт һабағын уҡытһаң, йәнен һәләкәттән ҡотҡарырһың. Улым, йөрәгеңдә аҡылың булһа, минең йөрәгем дә шатланыр. Ауыҙыңда гел дөрөҫлөк булһа, бар булмышым ҡыуаныр. Йөрәгең гонаһлыларҙан көнләшмәһен, һәр саҡ Раббынан ҡурҡыу йөрәгеңдә һаҡланһын. Сөнки алда киләсәк бар, өмөтөң бушҡа сыҡмаҫ. Тыңла, улым, аҡыллы бул, күңелеңде хаҡ юлға йүнәлдер, иҫергәнсе шарап эскән, һоғаланып ит ашаған бәндәләрҙең араһында булма. Сөнки бирән менән эскесене хәйерселек баҫыр, йоҡосолоҡ иҫке-моҫҡоға кейендерер. Яҡты донъяға килтергән атаң һүҙен тыңла, олоғайған көнөндә әсәйеңде хурлама. Хәҡиҡәт һатып ал, уны һатма, аҡыл, тәрбиә һәм ғилем йый. Тәүфиҡлы баланың атаһы ҡыуаныр, аҡыл эйәһенә ғүмер биреүсе шатланыр. Әйҙә ата-әсәң тантана итһен, ғүмер биргән әсәйең һөйөнһөн. Улым, йөрәгеңде миңә йүнәлт, минең юлдарыма күҙ һал. Уйнашсы ҡатын ул – төпһөҙ упҡын, кеше ҡатыны – тар ҡоҙоҡ. Ул юлбаҫар һымаҡ һине аңдый, ирҙәр араһында хыянатсылар һанын арттыра. Кемдә хәсрәт? Кемдә ҡайғы? Кемдә ыҙғыш? Кемдә зар? Сәбәпһеҙҙән кем туҡмалған? Кемдең күҙҙәре аларған? Шарап эсеүгә һалышҡандар, тағы ла эҙләп йөрөгәндәр икән был. Шараптың ҡыҙыллығына, һауытта емелдәүенә, еңел генә эселеүенә ҡарама. Аҙаҡтан ул йылан кеүек сағыр, ҡара йылан һымаҡ ағыу сәсер. Күҙҙәрең сәйер нәмәләр күрер, күңелеңә йүнһеҙ уйҙар килер. Үҙеңде диңгеҙ уртаһында ятҡандай, йөҙөп барған кәмәнең мачтаһында һымаҡ тойорһоң. «Туҡманылар мине, һиҙмәнем, таяҡланылар мине, тойманым, бына йоҡонан торам да, яңынан эсергә керешәм», – тиерһең. Яман кешеләргә көнләшмә, улар менән бергә булырға тырышма, күңелдәрендә йәбер-золом ниәтләйҙәр, телдәре яманлыҡ сәсә уларҙың. Аҡыл менән йорт һалыныр, зиһен менән нығытылыр, белем иһә бүлмәләрҙе затлы һәм күркәм әйберҙәр менән тултырыр. Аҡыллы кеше ҡеүәтле булыр, белемле әҙәм үҙ көсөн арттырыр. Һуғышыңды һәр яҡтан уйлап алып бар, уңыш кәңәшселәр күп урында була. Ахмаҡ өсөн зирәклек артыҡ юғары, ҡала ҡапҡаһы төбөндә ауыҙын аса алмаҫ. Золом ниәтләгәнде залим тиерҙәр. Ахмаҡлыҡ менән ҡоролған ниәт – гонаһ, башҡаларҙы мәсхәрәләүсегә ерәнеп ҡарарҙар. Бәлә килгәндә тәҡәтһеҙ ҡалаһың икән, тимәк, көс-ҡеүәткә ярлыһың. Үлемгә дусар ителгәнде йолоп ал; һәләкәт янаған әҙәмдән баш тартырһыңмы ни? «Беҙ быны белмәнек бит», – тиһәң дә, йөрәгендәген Үлсәүсе белмәҫме? Һинең йәнеңде Күҙәткән аңламаҫмы? Ул һәр кемгә ғәмәленә күрә әжерен бирә. Улым, бал ҡап, бик тәмле ул; кәрәҙле бал, тамағыңа татлы булыр. Күңелеңә аҡыл тигәнең дә шулай, уны эҙләп таптыңмы – һөҙөмтәһе лә булыр, өмөттәрең һинең бушҡа китмәҫ. Эй залим, тәҡүәнең торлағы янында боҫҡон ҡорма, йортон уның туҙҙыраһы булма: тәҡүә кеше ете йығылып, ете торор, залимдар йығылыр ҙа харап булыр. Дошманым ҡоланы, тип шатланма, абынды тип йөрәгең һөйөнмәһен. Юҡһа, Раббы күреп, был эште оҡшатмаҫ, Үҙенең асыуын дошманың өҫтөнән алыр. Яманлыҡ эшләүсене күреп йәнең көймәһен, яуыз бәндәләрҙән көнләшмә; барыбер ямандарҙың киләсәге юҡ, намыҫһыҙҙың сырағы тиҙ һүнә. Раббынан ҡурҡ, улым, батшанан ҡурҡ, фетнәселәр менән аралашма; сөнки уларҙан бәлә көтмәгәндә килер, һәр икеһенең бирәсәк язаһын кем белә? Аҡыл эйәләре тағы ла былай ти: хөкөмдә ғәҙелһеҙлек – яман эш; ғәйеплегә: «Һин хаҡлыһың», – тиеүсене ил ләғнәтләр, халыҡтар уға нәфрәтләнер, ә ғәйеплене фашлаусылар һөйөнөр, баштарына мул бәрәкәт яуыр. Ғәҙел яуап татлы – ирендән үбеү менән бер. Башта тыштағы эштәреңде башҡар, баҫыуыңдағы эште тамамла, шунан ғына өй һалып кер. Яҡыныңа ҡаршы ялған шаһитлыҡ ҡылма, ауыҙыңдан алдаҡ һүҙ сыҡмаһын. «Ул миңә нимә эшләне, мин дә уға шуны эшләйем, ғәмәленә күрә әжерен бирәм», – тимә. Бер саҡ мин ялҡау әҙәмдең баҫыуы, ахмаҡ хужаның йөҙөм баҡсаһы янынан үттем. Күрәм, бөтә ерҙе сәнскәк баҫҡан, ҡый үләне күкрәп үҫеп сыҡҡан, баҡсаның таш ҡоймаһы емерелеп ята. Ҡараным да, үҙемә һабаҡ алдым, күргәндәрҙән шуны аңланым мин: йәнә әҙерәк йоҡлап, серем итһәң, ҡул ҡаушырып тағы ултыра бирһәң – өйөңә ҡараҡ һымаҡ мохтажлыҡ инер, ҡораллы баҫҡынсы булып, нужа һөжүм итер. Былары ла Сөләймән батшаның хикмәттәре. Уларҙы Йәһүҙә батшаһы Хизкияһтың кешеләре йыйнап алып һаҡлаған. Алланың шөһрәте – эш-ғәмәлдәрҙе сер итеп тотоу, батшаларҙың даны – эштәрҙе тикшереп, асылын белеү. Күктең бейеклеген, ер тәрәнлеген, батша күңелендәге уйҙарҙы белеп булмаҫ. Көмөштән ҡатнашманы айыр, көмөшсө эшләйәсәк һауыт ҡалыр. Яуызды батшанан айыр, ғәҙеллек менән тәхет нығыр. Батша хозурында үҙеңде юғары ҡуйма, дәрәжәле түрә урынын алма; «Түргәрәк күсеп ултыр», – тиеүҙәре түрә алдында түбәнгәрәк күсереүҙән яҡшыраҡ. Үҙ күҙең менән күргәнде, хөкөмгә сығарырға ашыҡма; юғиһә аҙаҡтан, яҡының оятҡа ҡалдырғас, нишләрһең? Яҡының менән дәғүәңде үҙ-ара хәл ит, башҡаның серен сисмә, юҡһа, ишеткән береһе һине хур итер, яман атлы булып ҡалырһың. Урыны-еренә әйтелгән һүҙҙәр – көмөш һауыттағы алтын алма. Иғтибарлы ҡолаҡҡа аҡыллы кешенең шелтәһе алтын алҡа, саф алтын биҙәүес кеүек. Ураҡ эҫеһендә ҡар һалҡыны нисек булһа, тоғро илсе лә үҙен ебәргән хужаһына хәл индерер. Бүләк бирмәһә лә, бирҙем тип маҡтанған әҙәм ямғырһыҙ болот һәм ел кеүек. Сабырлыҡ хакимды ла ышандыра, йомшаҡ тел һөйәкте лә һындыра. Бал таптыңмы – туйғансы аша, ҡоҫҡансы ашама; дуҫың өйөнә йыш йөрөмә, юҡһа, һинән туйыр ҙа, күрә алмай башлар. Яҡынына ялған шаһитлыҡ ҡылған кеше Суҡмар, ҡылыс һәм үткер уҡ кеүек. Афәт көнөндә ышанысһыҙ кешегә өмөтләнеү серек теш, сатан аяҡҡа өмөт бағлау һымаҡ. Ҡайғылы кеше алдында йыр йырлау һыуыҡ көндә кейемен систереү, яраға һеркә тамыҙыуға тиң. Дошманың ас булһа, тамағын туйҙыр, һыуһаған булһа, һыуһынын ҡандыр. Былай эшләп, уның башына ҡуҙ өйөрһөң, Раббы һиңә әжерен Үҙе бирер. Төньяҡ еле ямғыр алып килер, ғәйбәтсенең теле – сырайҙы боҙор. Холоҡһоҙ ҡатын менән бер өйҙә йәшәгәнсе, ҡыйыҡ башында йәшәү хәйерлерәк. Йыраҡ илдән килгән яҡшы хәбәр сарсаған кешегә һалҡын һыу һымаҡ. Залим алдында ебеп төшкән тәҡүә кеше бысраҡ шишмә, буръяҡ ҡоҙоҡ төҫлө. Балды күп ашау яҡшы булмаған һымаҡ, дан өҫтөнә дан ҡаҙанырға тырышыу ҙа һәйбәт түгел. Үҙенә баш була алмаған кеше диуарһыҙ ҡалған емерек ҡала ише. Йәй уртаһындағы ҡар, ураҡ өҫтөндәге ямғыр һымаҡ, шөһрәт тә ахмаҡҡа килешле түгел. Турғай һәм ҡарлуғас осоп киткән һымаҡ, нахаҡ ҡарғыш та кешегә төшмәҫ. Атҡа – ҡамсы, ишәккә – нуҡта, ахмаҡ арҡаһына һуйыл килешә. Тилегә тилеләрсә яуап бирмә, үҙең дә шуға оҡшарһың. Тилегә тилеләрсә яуап бир, үҙен аҡыллымын тип уйламаһын. Ахмаҡҡа йомош ҡушып ебәргән әҙәм үҙенең аяғын ҡырҡып ташлағандай ғазап сигер. Ахмаҡ ауыҙындағы хикмәтле һүҙ аҡһаҡтың сатан аяғы һымаҡ. Ахмаҡҡа хөрмәт күрһәтеү – ташты һапҡыға бәйләп ҡуйыу менән бер. Иҫерек ҡулындағы сәнскәкле ботаҡ нисек булһа, ахмаҡ ауыҙындағы хикмәтле һүҙ ҙә шулай. Үткенсе ахмаҡты эшкә алған кеше бөтәһен дә яралаған дыуамал уҡсы менән бер. Үҙ ҡоҫҡолоғона әйләнеп ҡайтҡан эт һымаҡ, ахмаҡ әҙәм дә иҫәрлеген ҡат-ҡат ҡабатлар. Үҙен аҡыллыға һанаған затты күргәнең бармы? Ахмаҡ ул әҙәмдән күпкә өмөтлөрәк. Ялҡау әҙәм: «Юлда арыҫлан! Урам буйлап йыртҡыс йөрөй», – тип тышҡа сыҡмаҫ. Ишек – күгәнендә, ялҡау түшәгендә әйләнә. Ялҡау әҙәм табаҡҡа ҡулын тығыр, тик ауыҙына еткергәнсе арыр. Ялҡау үҙен сәсән телле ете кешенән дә зирәгерәк һанар. Талашҡандар араһына ҡыҫылыу – урам этенең ҡолағынан тартыуға тиң. Аҡылдан шашҡан әҙәм нисек утлы киҫәү ата, үлем сәсә, яҡынына этлек эшләп, «Мин шаярттым ғына», – тигән кеше лә шулай булыр. Утын бөтһә, усаҡта ут һүнә; ғәйбәтсе булмаған ерҙә ғауға тына. Ҡыҙыулыҡ өсөн күмер, ут өсөн утын нисек булһа, Ыҙғышты ҡыҙҙырыу өсөн ғәйбәтсе шулай. Ғәйбәтсенең һүҙе – тәмле тәғәм, кешенең эс-бауырына үтеп инә. Теле йомшаҡ, күңеле тулы яуызлыҡ булған кеше ялтырауыҡ ялатылған балсыҡ көршәк ише. Ҡара уйлы әҙәмдең теле юха, ләкин күңелендә мәкер ята. Тауышының яғымлылығына ышанма, йөрәгендә ете ҡәбәхәтлек йәшеренгән. Нәфрәтен хәйлә аҫтында йәшерһә лә, яуызлығы йыйын алдында асылыр. Кешегә соҡор ҡаҙған – үҙе төшөр, таш тәгәрәткән – уның аҫтында ҡалыр. Ялған телле үҙ ҡорбандарын яратмай, юха телленең ауыҙында һәләкәт ята. Иртәгәһе көн менән маҡтанма, һин уның нимә килтеререн белмәйһең. Үҙеңде-үҙең түгел, башҡа кеше, үҙ ауыҙың түгел, бүтән телдәр һине маҡтаһын. Таш ауыр, ҡом тос тарта, әммә ахмаҡтың рәнйетеүе икеһенән дә ауырыраҡ. Асыу – ҡаты, ярһыу – тыйғыһыҙ, әммә көнсөллөк алдында кем сыҙай алыр? Асыҡтан-асыҡ әйтелгән шелтә, йәшерен һөйөүҙән яҡшыраҡ. Дуҫың һине яҡшылыҡ өсөн яралар, ә күрә алмаған бәндә күп үбер. Тамағы туҡ әҙәм баллы кәрәҙҙе лә тапап үтер, тамағы асҡа әсе лә татлы күренер. Тыуған яғынан айырылған кеше гүйә ояһын ташлап киткән ҡош. Еҫле май һәм хуш еҫтәр йөрәккә ләззәт бирә, дуҫтың ихлас кәңәше күңелгә рәхәт. Үҙ дуҫыңды ла, атаң дуҫын да ташлама, бәлә килһә, туғаныңа барма: эргәләге күршең йыраҡтағы ҡәрҙәшеңдән яҡшы. Аҡыллы бул, улым, йөрәгемә шатлыҡ килтер – мине ғәйепләгәндәргә ҡайтарып әйтер һүҙем булыр. Зирәк, хәүефте алдан күрер ҙә, йәшенер, бер ҡатлы һаман алға бара бирер ҙә, зыян күрер. Ят кеше өсөн үҙенә яуаплылыҡ йөкмәгәндең кейемен ал, уны үҙеңә рәһен итеп ҡалдыр. Иртә таңдан ҡысҡыра-ҡысҡыра күршене маҡтау уға ләғнәт уҡығандай булыр. Мыжыҡ ҡатын ямғырлы көндө туҡтамай тамған һыу һымаҡ. Ундай ҡатынды тыйыу – елде – бәйҙә, зәйтүн майын уста тотоу менән бер. Тимерҙе тимер сарлар, кешене кеше үткерләр. Инжир ағасын ҡарап үҫтергән уның емешен ашар, хужаһын хәстәрләгән – хөрмәт ҡаҙаныр. Кешенең йөҙө һыуҙа сағылғандай, кешенең йөрәге лә йөрәктә сағыла. Үлеләр донъяһы менән Һәләкәт урыны туймаған һымаҡ, кешенең күҙе лә туймай. Алтын менән көмөш – утта, кеше маҡтау менән һынала. Иҫәрҙе ашлыҡ менән бергә килегә һалып төйһәң дә, уны иҫәрлегенән айырып алып булмай. Һарығыңдың хәл-әхүәлен бел, көтөүеңде яҡшылап көт; сөнки байлыҡ мәңге түгел, таж да нәҫелдән-нәҫелгә күсмәй. Үлән шиңеп, йәше ҡалҡып сыҡҡанда, тауҙарҙа бесән йыйып алынғанда, бәрәстәр һине кейендерер, кәзәләреңде һатып, баҫыу алырһың. Кәзәләрең мул һөт бирер, үҙеңә лә, ғаиләңә лә ризыҡ булыр, хеҙмәтсе ҡыҙҙарыңа ла эсергә етер. Яуыз артынан һис кем баҫтырмағанда ла ҡасыр; тәҡүә арыҫландай ҡыйыу булыр. Илдә бола сыҡҡан саҡта, хакимдар күп, төшөнсәле һәм ғилемле хаким булһа, ил һаҡланыр. Хәйерсене рәнйеткән теләнсе – ашлыҡты ағыҙған ҡойма ямғыр ише. Ҡанун боҙғандар яуызды маҡтай, ҡанунға тоғролар уларға ҡаршы сыға. Яман әҙәм ғәҙеллектең нимә икәнен белмәҫ, ә Раббыны эҙләүселәр тулыһынса аңлай. Намыҫлы йәшәгән ярлы кеше нахаҡ юлда йөрөгән байҙан яҡшы. Ҡанунға тоғро бала – аҡыллы булыр, аҙғындарға ҡушылған атаһын хурлыҡҡа батырыр. Риба алып байыған әҙәмдең бар малы ярлыларға мәрхәмәт күрһәтеүсенең ҡулына эләгер. Ҡанунға ҡолаҡ һалырға теләмәгән заттың доғаһы ла Раббы өсөн ерәнгес. Намыҫлыны яман юлға этәреүсе үҙе ҡаҙған соҡорға үҙе төшөр, кәмселекһеҙ кеше мираҫҡа яҡшылыҡ алыр. Бай кеше үҙенә үҙе аҡыллы булып күренер, ләкин башы булған ярлы кеше уны фашлар. Тәҡүәләр еңһә, ил һөйөнә, яуыздар өҫтөн сыҡһа, кеше йәшенә. Гонаһын йәшергән кеше яҡшылыҡ көтә алмаҫ, уны танып, ваз кискән мәрхәмәт табыр. Раббынан ҡурҡҡан бәхетле булыр, бәғерһеҙ әҙәм бәләгә тарыр. Яуыз хаким ярлы халыҡҡа гүйә ырылдаған арыҫлан, үкергән айыу. Хаким алйот булған һайын, һалым күп, нахаҡ байлыҡты күрә алмағандың ғүмере оҙон. Кеше ҡанын ҡойған әҙәм ҡәбергәсә ҡасып йөрөһөн, тынғы белмәһен, уға һис кем ярҙам итмәһен. Намыҫлы йәшәгән хәүефһеҙ ғүмер кисерер; ҡыя юлдан йөрөгән һөрөнөп ҡолар. Иген иккән икмәккә туйыр, буш артынан ҡыуған хәйерселеккә ҡалыр. Тоғро әҙәм күп бәрәкәт табыр, байлыҡҡа ашҡынған язаға тарыр. Кешене айырып ҡарау – насар эш, бер һыныҡ икмәк тип кеше гонаһ ҡыла. Ҡомһоҙҙоң ниәте – тиҙерәк байыу, артынса хәйерселек килерен уйламай ул. Ялағай телең өсөн түгел, тәнҡит һүҙең өсөн аҙаҡтан рәхмәт әйтерҙәр. «Гонаһ түгел», – тип ата-әсәһен талаған әҙәм юлбаҫарға бәрәбәр. Ҡомһоҙ бәндә дау сығара, Раббыға иҫәп тотҡан уңыш ҡаҙана. Үҙенә генә иҫәп тотҡан алйот була, аҡыл юлынан барыусылар ҡотола. Хәйерсегә биргән – тарлыҡ белмәҫ, уларға күҙен йомған бәндә ләғнәт ҡаҙаныр. Яуыздар артһа, кеше йәшенә, ҡырылып бөтһә, тәҡүәләр ишәйә. Әрләнгән һайын нығыраҡ тиҫкәреләнгән кеше – бер көн ҡапыл һәләк булыр, шифа тапмаҫ. Тәҡүәләр күбәйгәндә – халыҡ һөйөнә, яуыз хаким булғанда – халыҡ ыңғыраша. Аҡылды яратҡан улан атаһын шатландырыр, фәхишәләр менән сыуалған малын юғалтыр. Батшаның хаҡ хөкөмө илде нығыта, ришүәт яратыуы – бөлдөрә. Яҡынына ялағайланған – уның аяғына тоҙаҡ һалған. Ямандың гонаһы үҙенә тоҙаҡтыр, яҡшы кеше йырлап, ҡыуанып йәшәр. Тәҡүә әҙәм ярлының дәғүәһен ентекләп тикшерер, залим ул турала уйлап та бирмәҫ. Тотанаҡһыҙ әҙәмдәр ҡалала бола сығарыр, аҡыллылар ярһыуҙы баҫыр. Аҡыллы әҙәм ахмаҡты хөкөмгә алып барһа, ахмаҡ асыуланыр, мәсхәрәләп көлөр, һис кенә лә тына белмәҫ. Йән ҡыйыусы ғәйепһеҙҙе күрә алмаҫ, намыҫлыны юҡ итергә тырышыр. Ахмаҡ әҙәм асыуына ирек бирер, аҡыллы әҙәм уны тыйып торор. Әгәр хаким ялғанға ҡолаҡ һалһа, барлыҡ ярандары намыҫһыҙ булыр. Ярлы менән залимдың бер оҡшашлығы бар – икеһенә лә Раббы күҙ нурҙары бирә. Әгәр батша ярлыларҙы ғәҙел хөкөм итә икән, уның тәхете мәңге ҡаҡшамаҫ. Сыбыҡ менән өгөт аҡылға ултыртыр, үҙ яйына ҡуйылған бала әсәһенә хурлыҡ килтерер. Яуыздар ишәйгән ерҙә гонаһ күбәйер, әммә тәҡүәләр уларҙың һәләкәтен күрер. Балаңды тәрбиәлә – тыныс булырһың, ул һиңә ҡыуаныс килтерер. Алланан асылыш юҡ икән – халыҡ йүгәнһеҙ; ҡанунға тоғролар мең бәхетле. Ҡоро һүҙ менән генә ҡолдо тәрбиәләп булмай, бындай кеше аңлаһа ла, ҡолаҡ һалмаҫ. Уйламай һүҙ һөйләгән кешене күргәнең бармы? Ундайҙарға ҡарағанда ахмаҡҡа өмөт күберәк. Ҡолдо йәштән уҙындырһаң, яҡшылыҡҡа алып бармаҫ бындай аҙым. Асыулы әҙәм янъял сығарыр, ҡыҙыу әҙәм золом арттырыр. Кешене тәкәбберлеге түбәнһетә, тыйнаҡ кеше хөрмәт ҡаҙана. Ҡараҡты дуҫ иткән – үҙенә үҙе дошман; шаһиттарҙы саҡырғанда өндәшмәй ҡалыр. Кешеләрҙән ҡурҡҡан – үҙенә тоҙаҡ ҡорған, Раббыға һыйынған – хәүефтән араланған. Күптәр батшанан мәрхәмәт эҙләй, ләкин кеше ғәҙеллекте тик Раббынан табыр. Ялғансылар – тәҡүәләргә ерәнгес, тура юлдан йөрөүселәр яуыздарға әшәке күренә. Масса ырыуынан Яҡы улы Агурҙың әйткәндәре. Был кеше Иҫиилға, Иҫиилға һәм Ухалға бына ниҙәр тине: Ысынлап та, мин барлыҡ кешеләрҙән дә томанараҡмын, кешенең аҡыл-зирәклеге миндә юҡ икән. Мин зирәклеккә өйрәнмәнем, Изге Затты белмәгәнмен. Кем күктәргә ашып, ергә төштө? Елде кем усына йыйҙы? Кем һыуҙы итәгенә төйнәне? Ерҙең сиктәрен кем билдәләне? Исеме кем? Улының исеме кем? Әгәр белһәң, һөйлә. Алланың һәр әйткәне һыналған һәм саф: Ул – Үҙенә һыйынғандар өсөн ҡалҡан. Һүҙҙәренә Уның бер һүҙ ҡушма, юҡһа һине фашлар – алдаҡсы булырһың. Ике әйбер Һинән һорайым, мин иҫән саҡта үтенесемде кире ҡаҡма: алдаҡ менән юҡ-бар һүҙҙе яҡын юлатма, хәйерселек тә, байлыҡ та бирмә миңә, миңә көндәлек икмәгемде бир. Юҡһа туйып һикереп Һинән баш тартырмын, «Раббы кем ул?» – тип әйтермен, йә, хәйерсе хәленә төшөп, урлашырмын, Аллам исеменә тап төшөрөрмөн. Хеҙмәтсене хужаһы алдында яманлама, юғиһә ул һине ҡарғар ҙа, үҙең ғәйепле булып ҡалырһың. Атаһын ҡәһәрләгән һәм әсәһенә фатиха теләмәгән заттар була. Үҙ күҙендә таҙа булып күренгән, ләкин нәжесенән таҙармаған заттар була. Күҙҙәре шундай тәкәббер, һауалы ҡараған заттар була. Кешеләрҙең ярлыларын тамаҡламаҡ, мохтаждарын ер йөҙөнән юймаҡ булған, теше – гүйә ҡылыс, теш ҡаҙнаһы – бысаҡ һымаҡ заттар була. Һөлөктөң ике ҡыҙы бар: «Бир, бир», – тиҙәр. Һис ҡасан туйыу белмәҫ өс нәмә, «Етер», – тимәгән дүрт нәмә бар: ул да булһа ҡәбер, түлһеҙ ҡорһаҡ, һыуға туймаҫ ҡоро тупраҡ, һәм «етер!» тигәнде белмәҫ ут-ялҡындыр. Атаһына мыҫҡыллы ҡараған, әсәһен һанға һуҡмағандың күҙен ялан ҡоҙғоно суҡыр, бөркөт балалары тамаҡлар. Мине хайран ҡалдырған өс, аҡыл етмәҫ дүрт нәмә бар: ул да булһа, күк йөҙөндә бөркөт юлы, ҡаҡ ҡаяла йылан юлы, диңгеҙ уртаһында карап юлы, ир-егеттең ҡыҙ-ҡырҡынға юлы. Зинасы ҡатындың да юлы шулай; ашар ҙа ауыҙын һөртөр: «Яман эш ҡылманым», – тиер. Өс нәмәнән ер һелкенә, дүрт нәмәне күтәрә алмай: ул да булһа, батша булған ҡолдо, күбенгәнсе ашаған алйотто, хурлыҡҡа төшкән ҡатындың кейәүгә сығыуын, хужабикәһенең урынын алған ҡол ҡатынды. Ер йөҙөндә кескәй дүрт зат барҙыр, улар бик аҡыллы: ул да булһа, ҡырмыҫҡа – көсһөҙ халыҡ, ләкин ашар аҙығын йәй хәстәрләй; дамандар ҙа көслө түгел, тик ҡая булыр торор ерҙәре; сиңерткәнең юҡ батшаһы, ләкин саф-саф булып бара; кеҫәрткене ҡулың менән тотһаң була, ләкин батша һарайына үтеп инә. Ғорур һынлы өс нәмә, ныҡлы баҫҡан дүрт нәмә бар: ул да булһа, йәнлектәр араһында иң көслө арыҫлан, һис берәүгә юл бирмәҫ ул, ғорур әтәс, тәкә һәм дә ғәскәр етәкләгән батша. Алйотланып танау сөйһәң, ниәтеңдә золом булһа, усың менән ауыҙыңды яп, сөнки ҡаймаҡ болғауҙан май яҙыла, танауға һуғыуҙан ҡан ағыла, асыуҙы ҡыҙҙырыуҙан ыҙғыш ярала. Массалар батшаһы Лемуилдың әсәһенән өйрәнгән аҡыллы һүҙҙәре. Эй улым, һиңә нимә әйтәйем? Ҡарынымдың емеше булған улым, нимә һөйләйем? Эй нәҙерҙәремдең улы, һиңә нимә өйрәтәйем! Ҡеүәтеңде ҡатындарға бирмә, батшаларҙы бөлгөнлөккә төшөрөүселәргә юлыңды бирмә. Батшаларға, Лемуил, батшаларға түгел шарап эсеү, хакимдарға түгел хәмер эҙләп йөрөү; юҡһа эсеп иҫереп, ҡанундарҙы оноторҙар, ярлыларҙы хаҡ хөкөмһөҙ ҡалдырырҙар. Хәмерҙе һәләк булып барыусыға, шарапты ҡайғыға батҡанға бирегеҙ: эсер ҙә ярлылығын онотор, күңел ғазаптарын иҫкә алмаҫ. Теле зәғиф кеше өсөн, йәберләнгәндәр хоҡуғы өсөн; ғәҙеллекте яҡлап, мохтаждарҙың, хәйерсенең хәле өсөн ауыҙ асып хәбәр һөйлә. Әҙәпле ҡатын табыуҙары ҡыйын, аҫылташтан ғәйре баһаһы. Ундай ҡатынға иренең йөрәге ныҡ ышана, уның менән һәр саҡ бәрәкәт ҡаҙаныр. Ул иренә яманлыҡ ҡылмаҫ, ғүмере буйы яҡшылыҡ эшләр. Йөн тетһә лә, етен эшкәртһә лә – ҡулы тилбер, ҡулы белдекле. Сауҙа караптары һымаҡ, алыҫтан икмәк табып килтерер. Таң һарыһынан йоҡонан торор, ғаиләһенә ашарға хәстәрләр, хеҙмәтсе ҡыҙҙарына эш бүлеп бирер. Баҫыу хаҡында ҡайғыртып, һатып алыр, тапҡан аҡсаһына йөҙөм баҡсаһы ултыртыр. Билен ҡеүәт менән быуып, ҡулының көсөн арттырыр. Эшенең файҙаһын күрә, төндәрендә лә шәме һүнмәй; ҡулын иләүескә һуҙа, бармағынан орсоҡ төшмәй; ярлыларға игелек күрһәтер, мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙыр. Ҡар яуһа ла хәүефләнмәҫ ҡатын, сөнки бөтә ғаиләһенең икешәр ҡат кейеме бар. Үҙенә келәмдәр һуға, кейгәндәре – нәфис етен, ҡарағусҡыл ҡыҙыл йөндән. Ире ҡала ҡапҡаһы янында яҡшы таныш, илдең аҡһаҡалдары ҡоронда ултырыр. Ундай ҡатын етен кейем тегеп һата, сауҙагәрҙәргә ҡушаҡ һуғып бирә. Уның өҫ кейеме – ҡеүәт һәм абруй, Ул киләсәккә ҡарап ҡыуана. Ауыҙында уның – хикмәтле һүҙ, мәрхәмәт һәм нәсихәт булыр телендә. Өй эштәрен гел күҙәтеп тора, ялҡаулыҡтың ни икәнен белмәй. Балалары тороп уны данлай, ире маҡтап бөтә алмай: «Лайыҡлы ҡатындар күп булғандыр, тик һин уларҙың барыһынан арттырҙың!» Мөләйемлек – алдаҡсы, матурлыҡ – буш, ә Раббынан ҡурҡҡан ҡатын данға лайыҡ. Хеҙмәтенә ҡарап хөрмәт күрһәтегеҙ уға, эштәрен ҡала ҡапҡаларында маҡтағыҙ! Йәрүсәлимдә батша булып торған Дауыт улының – Вәғәзсенең әйткәндәре: – Буш мәшәҡәт, – тине Вәғәзсе, – бөтәһе лә буш мәшәҡәт кенә! Кешегә был ҡояш аҫтындағы ауыр хеҙмәтенән ни файҙа? Бер быуын килә, бер быуын китә, Әммә донъя мәңге ҡала бирә. Ҡояш ҡалҡа, ҡояш бата, Ҡалҡҡан еренә кире ашыға. Ел көньяҡҡа иҫә, төньяҡҡа борола, Өйрөлә-өйрөлә иҫә, Шулай үҙ юлы менән әйләнеп йөрөй. Барлыҡ йылғалар диңгеҙгә аға, Диңгеҙ иһә тулып ашмай. Йылғалар сыҡҡан еренә ҡайта, Ҡабат йылға булып аға башлай. Бөтә нәмә лә хәлдән тайҙыра – Уларҙы тасуирларға һүҙ етмәҫ; Ҡарап-ҡарап та күҙ туймаҫ, Тыңлап-тыңлап та ҡолаҡтың танһығы ҡанмаҫ. Элек нимә булған, шул йәнә булыр; Ни эшләнгән, тағы ла эшләнер. Был ҡояш аҫтында бер ниндәй ҙә яңы нәмә юҡ. «Ҡара, бына был яңы», – тип әйткән саҡтар була. Ләкин ул да әүәл, беҙгә тиклемге дәүерҙәрҙә булған инде. Әүәлгеләр хәтерҙә ҡалмаған. Киләсәктә булыр нәмәләрҙе лә унан һуң килеүселәр иҫләмәҫ. Мин, Вәғәзсе, Йәрүсәлимдә Исраил батшаһы булдым. Күк аҫтында нимәләр эшләнеүен зиһенем аша үткәреп һәм һынап ҡарап, төшөнөргә ҡарар ҡылдым. Алла әҙәм балаһына ыҙа өсөн биргән ауыр эштер былар. Ҡояш аҫтында ҡылынған бар төр ғәмәлде күрҙем мин, былар бөтәһе лә – буш мәшәҡәт һәм ел ҡыуыу. Кәкрене турайтып булмаҫ, Юҡ нәмәне һанап булмаҫ. Күңелемдән: «Бына мин Йәрүсәлимдә үҙемә тиклем хакимлыҡ иткәндәрҙең бөтәһенән күберәк шөһрәт ҡаҙандым, аҡыл йыйҙым, зирәклек һәм белем тупланым», – тинем. Мин зиһенемде ҡайҙа аҡыл, ә ҡайҙа дыуамаллыҡ һәм ахмаҡлыҡ икәнен белеүгә йүнәлттем. Әммә бының да тик ел ҡыуыу икәнен аңланым. Аҡыл күп булғанда, ҡайғы ла күп, Белемен арттырған – хәсрәтен арттыра. Күңелемдән үҙ-үҙемә: «Әйҙә, мин һине уйын-көлкө менән һынайым, яҡшылыҡтың рәхәтен күр», – тинем. Әммә был да бары буш мәшәҡәт икән. Көлкө хаҡында: «Ахмаҡлыҡ!», ә кәйеф-сафаны: «Ниндәй файҙаһы бар?» – тинем. Мин, аҡылымды юймайынса һәм шул уҡ ваҡытта күңелемә ахмаҡлыҡ ҡылырға ла юл ҡуйҙым – әҙәм балаларына ҡыҫҡа ғына ғүмерҙәрендә күк аҫтында нимә кинәнес килтереүен аңлар өсөн тәнемде шарап менән һынарға булдым. Мин бөйөк эштәр башҡарҙым: үҙемә йорттар һалдым, йөҙөм баҡсалары ултырттым, баҡсалар һәм урмандар, уларға һәр төрлө емеш ағастары үҫтерҙем. Баҡсаларымдағы ағастарҙы һуғарырға быуалар төҙөттөм. Ир һәм ҡатын ҡолдар һатып алдым, өйөмдә тыуған ҡолдарым да бар ине. Миңә тиклем Йәрүсәлимдә хакимлыҡ иткәндәрҙең һәммәһенекенән дә күберәк эре һәм ваҡ мал йыйҙым. Шулай уҡ үҙемә алтын-көмөш йыйҙым, бөтә өлкәләрҙән батшаларса хазиналар тупланым. Ир һәм ҡатын йырсылар, шулай уҡ ир-ат кинәнесе – кәнизәктәр аҫраным. Йәрүсәлимдә миңә тиклем булғандарҙың барыһынан да шөһрәтлерәк һәм байыраҡ инем, зирәк аҡылым да үҙемдә ҡалды. Күҙем төшкән һис нәмәнән баш тартманым, Күңелемде бер ләззәттән дә тыйманым, Сөнки йәнем һәр эшемдән зауыҡланды; Был ауыр хеҙмәтем өсөн бүләк булды. Мин ҡулым менән башҡарған бар эшемә, хеҙмәткә һалған бөтә көсөмә боролоп баҡтым. Күрҙем, һәммәһе лә буш мәшәҡәт, тик ел ҡыуыу. Ҡояш аҫтында уларҙан һис ниндәй ҙә фәтүә юҡ икән. Аҡыл менән дыуамаллыҡтың, шулай уҡ ахмаҡлыҡтың ни икәнен белмәк булдым. Батша вариҫы юҡһа ни эшләй алһын? Элек эшләнгәнде ҡабатлай ғына ала. Яҡты ҡараңғылыҡтан яҡшыраҡ булғандай, аҡылдың да ахмаҡлыҡтан яҡшыраҡ икәнен күрҙем. Аҡыллыны аҡыл күҙле итә, Ахмаҡ иһә ҡараңғыла ҡаңғыра. Ләкин шуны белдем: уларҙың һәммәһен дә бер тәҡдир көтә. Мин күңелемдән үҙемә былай тинем: «Мине лә ахмаҡтың тәҡдире көтә, шулай булғас, минең аҡыллы булыуымдан ни файҙа?» Үҙ-үҙемә: «Был да буш мәшәҡәт», – тинем. Ахмаҡ кешене иҫкә алмаған һымаҡ, аҡыл эйәһен дә иҫтә ҡалдырмаясаҡтар. Оҙаҡламай бөтәһе лә онотолор. Ахмаҡ һымаҡ уҡ аҡыл эйәһе лә үлмәйме ни? Мин тормошто күрә алмаҫ булдым, сөнки ҡояш аҫтында эшләнгән бөтә нәмә миңә яман булып күренде. Бөтәһе лә буш мәшәҡәт, бөтәһе лә – ел артынан ҡыуыу. Ҡояш аҫтындағы хеҙмәтемде күрә алмаҫ булдым, сөнки хеҙмәтемдең бөтә емеше үҙемдән һуң киләсәк кешегә ҡаласағын аңланым. Аҡыллы булырмы ул, әллә ахмаҡмы, кем белә? Ә бит ул минең был ҡояш аҫтында ауыр хеҙмәтем һәм аҡылым менән тапҡандарҙан файҙаланасаҡ. Был да – буш мәшәҡәт. Һәм мин күңелем менән был ҡояш аҫтында эшләгән барлыҡ эштәремдән төңөлдөм. Сөнки берәү аҡылы, белеме, оҫталығы менән эшләп тапҡанын бының өсөн бармаҡ та ҡыбырлатмаған кешегә ҡалдыра булып сыға. Был да – буш мәшәҡәт, ҙур ғәҙелһеҙлек. Кешенең ҡояш аҫтында көс түгеп тапҡаны, йөрәк ынтылышы нимә бирә, ул был донъяла нимә хаҡына эшләп йәшәй? Уның һәр көнө – әрнеү, хеҙмәттәре – михнәт, күңеле хатта төнөн дә тынғы белмәй. Был да – буш мәшәҡәт. Кеше өсөн ашап-эсеү һәм үҙ хеҙмәте менән күңелен зауыҡландырыуҙан да хозурыраҡ нәмә юҡ. Мин шуны аңланым: был – Алла тарафынан кешегә бирелгән бер йыуаныс. Алла ихтыярынан башҡа кем ашап-эсә, ләззәт таба алһын? Үҙенә күркәм әҙәмгә аҡылын да, белемен дә, шатлығын да бирә Алла, гонаһлыға иһә, хеҙмәт емештәрен йыйып-туплап, Алла алдында күркәм әҙәмгә ҡалдырһын тип, эш өйә. Был да – буш мәшәҡәт, ел артынан ҡыуыу. Һәр нәмәнең үҙ мәле, күк аҫтындағы һәр ғәмәлдең үҙ ваҡыты бар. Тыуыр ваҡыт һәм үлер ваҡыт, Сәсер ваҡыт һәм йолҡоп алыр ваҡыт бар; Үлтерер ваҡыт һәм шифа бирер ваҡыт, Емерер ваҡыт һәм төҙөр ваҡыт бар; Илар ваҡыт һәм көлөр ваҡыт, Көйөр ваҡыт һәм бейер ваҡыт бар; Ташты ырғытыу ваҡыты һәм ташты йыйыр ваҡыт, Ҡосаҡлар ваҡыт һәм ҡосаҡтан ҡасыр ваҡыт бар; Эҙләр ваҡыт һәм юғалтыр ваҡыт, Һаҡлар ваҡыт һәм ташлар ваҡыт бар; Йыртыр ваҡыт һәм тегер ваҡыт, Өндәшмәү ваҡыты һәм һөйләшеү ваҡыты бар; Һөйөр ваҡыт һәм нәфрәтләнер ваҡыт, Һуғыштың ваҡыты һәм тыныслыҡтың ваҡыты бар. Эшләүсегә ауыр хеҙмәтенән ни файҙа? Алла кешеләргә ыҙа сикһен тип биргән эште күрҙем мин. Алла һәр нәмәне үҙ ваҡытында күркәм итеп яратҡан. Шулай уҡ Ул кешеләр йөрәгенә мәңгелек тойғоһон һалды, ләкин әҙәми зат Алла эштәрен барыбер башынан алып аҙағынаса аңлап бөтөрә алмай. Мин шуны белдем: кешеләргә күңел асып, игелек ҡылып ғүмер үткәреүҙән дә яҡшыраҡ нәмә юҡ икән. Кеше ашап-эсеүҙән һәм үҙенең һәр ғәмәленән бәхет таба икән, был – Алланың бүләге. Алланың һәр эше мәңгелек икәнен аңланым: уға бер нәмә өҫтәп тә, алып ташлап та булмай – Алла кешеләр Үҙенән ҡурҡһын өсөн шулай эшләгән. Әле нимә бар, шул элек тә булған, киләсәктә буласаҡ – әүәл булған; Алла үткәнде тағы ҡайтара. Йәнә мин ҡояш аҫтында шуны күрҙем: хаҡлыҡ тейеш булған урында – хаҡһыҙлыҡ, ғәҙеллек булыр урында – ғәҙелһеҙлек икән. Мин үҙемә күңелемдән: «Алла ғәҙел кешене лә, яуызды ла Үҙе хөкөм итә, сөнки һәр нәмәнең һәм һәр ғәмәлдең үҙ ваҡыты бар», – тинем. Үҙемә күңелемдән: «Әҙәм балаларына килгәндә, Алла уларҙы үҙҙәренең асылда хайуан икәнлектәрен күрһендәр өсөн һынай», – тинем. Сөнки әҙәм балаларының да, хайуандарҙың да тәҡдире бер: тегеләре лә, былары ла үлемгә дусар, тегеләренең дә, быларының да һулышы бер, әҙәм балаһының хайуандан бер ниндәй ҙә өҫтөнлөгө юҡ, сөнки былар бөтәһе лә – фани. Барыһы ла бер урынға китә: тупраҡтан яралғандар тупраҡҡа ҡайта. Кем белә, кеше йәне күккә ашамы ла хайуан йәне түбәнгә, ер аҫтына, төшәме? Шунда мин аңланым: кеше өсөн үҙ эштәренән йәм табыуҙан да яҡшыраҡ нәмә юҡ икән, сөнки был уның тәҡдире. Ә үҙенән һуң ни булырын уға кем ҡабат алып килеп күрһәтер? Әйләнә-тирәмә ҡарап, мин ҡояш аҫтында эшләнә торған һәр төрлө йәбер-золомдо күрҙем. Ана иҙелгәндәрҙең күҙҙәре йәшле, ләкин уларҙы йыуатыр кеше юҡ. Уларҙы иҙеүселәрҙең ҡулында көс бар, ә иҙелгәндәрҙе йыуатыусы юҡ. Шунда мин инде мәрхүм булғандарҙы ҡотлап, улар әлегә тере булғандарҙан бәхетлерәк, тинем. Ә бөтөнләй тыумаған, ҡояш аҫтында ҡылынған боҙоҡлоҡто күрмәгәндәр иһә быларҙың икеһенән дә бәхетлерәк. Шулай уҡ мин һәр төрлө хеҙмәт, эштәге оҫталыҡ кешеләр араһындағы көнсөллөктән булғанын да күрҙем. Былар бөтәһе лә – буш мәшәҡәт, ел артынан ҡыуыу. Ахмаҡ ҡул ҡаушырып ултырып, үҙен үҙе харап итер. Ауыр хеҙмәт менән, ел артынан ҡыуып тапҡан ике усламдан, күңел тыныслығы менән тапҡан бер ус ниғмәт хәйерлерәк түгелме? Йәнә мин ҡояш аҫтында тағы бер буш мәшәҡәтте күрҙем. Бына бер кеше – яңғыҙ, балаһы ла, ағай-энеһе лә юҡ. Көнө-төнө эшләй, ләкин күҙе һаман байлыҡҡа туймай. Ул: «Кем өсөн эшләйем һуң мин, ниңә үҙемде тормош ләззәтенән мәхрүм итәм?» – тип әйтә белмәй. Был да – буш мәшәҡәт, был да – яман эш. Яңғыҙ булғансы, икәү булыу яҡшыраҡ, икәү бергә эшләһәң, эшең ырай. Береһе йығылһа, икенсеһе уны торғоҙа. Ә яңғыҙ кеше йығылһа – ҡайғы уға – уны торғоҙоусы юҡ. Икәү бергә ятһа, бер-береһен йылыта, ә яңғыҙ ятҡанды кем йылытһын? Кеше яңғыҙ булһа, уны еңеүе еңел, ә икәү ҡаршы торһа, улар бирешмәҫ. Өстән ишелгән бау анһат ҡына өҙөлмәй. Кәңәш тыңламаған аҡылһыҙ ҡарт батшанан ярлы, әммә аҡыллы егет яҡшыраҡ. Ул егет был батшалыҡта ярлы булып тыуһа ла, зиндандан сығып, тәхеткә ултырҙы. Мин күрҙем: ҡояш аҫтындағы һәр кеше батша тәхетенә ултырған был егет артынан китте. Ул эйәрткән халыҡтың иҫәбе-һаны юҡ, ләкин һуңыраҡ килгән быуындар уны данламаясаҡ. Был да – буш мәшәҡәт, ел артынан ҡыуыу. Алла йортона барғаныңда, аяғыңдың ҡайҙа баҫҡанын бел. Яманлыҡ ҡылғанын да аңламаған ахмаҡтар ише кәрәкмәгән ҡорбан килтергәнсе, Алланы тыңлау хәйерлерәк. Уйламай һөйләмә, йөрәгең дә Алла алдында һүҙ әйтергә ашыҡмаһын: Алла күктә, ә һин – ерҙә, шуға күрә һүҙең аҙ булһын. Хәстәре күптең төшө буталыусан, ахмаҡтың һүҙе кәрәгенән күп булыусан. Аллаға нәҙер әйткәнһең икән, вәғәҙәңде тиҙ үтә, сөнки Ул ахмаҡтарға илтифат итмәй. Вәғәҙә иткәнеңде үтә. Вәғәҙә биреп тә үтәмәгәнсе, вәғәҙә бирмәүең яҡшыраҡ. Ауыҙыңдан сыҡҡан һүҙҙәр гонаһҡа килтермәһен, Алла илсеһе алдында: «Был – яңылышлыҡ булды!» – тип әйтмә. Юҡһа Алла, әйткәнеңә асыуланып, ҡулыңдың эшен юҡҡа сығарыр. Күп төш күреүҙә, күп һүҙ һөйләгәндәге ише, файҙаһыҙ нәмәләр бар: Алланан ҡурҡ. Ниндәйҙер төбәктә ярлының ҡыҫырыҡланыуын, хаҡлыҡ һәм ғәҙеллектең юҡлығын күрһәң, быға ғәжәпләнмә; һәр бер түрәнең өҫтөнән унан юғарырағы, уларҙың өҫтөнән тағы ла юғарырағы бар. Ер бөтә кешеләргә лә ярҙам итә, хатта батша ла баҫыуҙан алынған уңыш иҫәбенә йәшәй. Көмөш яратҡан – көмөшкә, байлыҡ яратҡан байлыҡҡа туймаҫ. Был да – буш мәшәҡәт. Байлыҡ артҡан һайын уны ҡулланыусылар ҙа арта. Байлыҡ эйәһенә унан ни файҙа? Байлығына ҡарап ҡына ҡәнәғәтләнергә ҡала. Көн оҙоно эшләгәндең, аҙ ашағанмы ул, күп ашағанмы, йоҡоһо тыныс, ә бай байлығын хәстәрләп йоҡонан ҡала. Ҡояш аҫтында шундай бер яман фажиғә күрҙем мин: йыйылған байлыҡ хужаһына зыян килтерә. Эшендәге уңышһыҙлыҡ арҡаһында ул бар байлығын юғалта, тыуған улына бер нәмә лә ҡалдыра алмай. Кеше әсә ҡарынынан нисек сыҡһа, үлгәс тә был донъянан шулай китә. Нисек килгән, барыһын да ҡалдырып, шулай китә, көс түгеп ирешкән хеҙмәт емешенән уның ҡулында алып китерлек бер нәмәһе лә булмаясаҡ. Был бик яман фажиғә: кеше нисек килгән булһа, шулай китә. Елгә осҡан ауыр хеҙмәтенән уға ни файҙа? Ғүмер буйы ҡараңғынан тороп ризыҡланып, көндәрен ҡайғы-хәсрәт, ауырыу һәм асыу эсендә үткәрергә мәжбүр. Мин шуны аңланым: кеше өсөн Алла биргән ҡыҫҡа ғына ғүмере дауамында ашау-эсеү һәм был ҡояш аҫтындағы ауыр хеҙмәтенән йәм табып йәшәү яҡшы икән, сөнки был – уның тәҡдире. Әгәр ҙә Алла берәй кешегә байлыҡ һәм мөлкәт бирһә, һәм уларҙан файҙаланыу, үҙ өлөшөн алып, ауыр хеҙмәтенән ләззәт табыу мөмкинлеген бирһә, был – Алланың бүләге. Бындай кеше ғүмер көндәренең иҫәбе хаҡында бик уйланып бармай, сөнки Алла уның күңелен шатлыҡ-ҡыуаныс менән тултыра. Был ҡояш аҫтында бер яман фажиғәне күрҙем, ул әҙәм балаһын йөк һымаҡ баҫып тора. Алла кешегә байлыҡ, мөлкәт һәм дан-шөһрәт бирә. Ундай кеше теләгән бөтә нәмәһенә эйә була ала. Ләкин Алла былар менән файҙаланыу мөмкинлеген бирмәй – уның рәхәтен сит кеше күрә. Был да буш мәшәҡәт, һәм был – әсе ғазап. Берәүҙең йөҙ балалы булыуы, оҙон ғүмер кисереүе мөмкин, ләкин ул күпме генә йәшәһә лә, шул ғүмеренең рәхәтен күрмәһә, йәки хөрмәтләп ерләнмәһә, минеңсә, үле тыуған баланың тәҡдире уныҡынан яҡшыраҡ. Был бала бушҡа ғына килде лә ҡараңғылыҡҡа китте, уның исемен ҡараңғылыҡ йәшерҙе. Ул бер ҡасан да көн яҡтыһын күрмәне һәм белмәне, уға теге әҙәмгә ҡарағанда күпкә тыныс. Ә тегеһе, ике мең йыл йәшәп тә, тормошонан рәхәтлек тапмаһа, бынан уға ни файҙа? Ахыр сиктә, барыбыҙ ҙа бер урынға китәбеҙ түгелме? Кеше бер тамағы хаҡына эшләй ҙә эшләй, ләкин нәфсеһе бер ҡасан да туймай. Аҡыллының ахмаҡтан ниндәй өҫтөнлөгө бар? Ярлыға нисек йәшәргә белеүенән ни файҙа? Күпкә өмөт иткәнсе, булғанына ҡәнәғәт булыу хәйерлерәк. Был да – буш мәшәҡәт һәм ел артынан ҡыуыу. Булған һәр нәмәнең инде исеме бар, кешенең дә асылы билдәле, ул үҙенән көслөрәк менән дәғүәләшә алмай. Буш һүҙ, буш мәшәҡәт күп – кешегә унан ни файҙа? Буш мәшәҡәт менән күләгә һымаҡ үтеп киткән ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә кеше өсөн нимә яҡшы икәнен кем белһен? Үҙенән һуң ҡояш аҫтында ниҙәр булырын кешегә кем әйтеп бирә алыр? Яҡшы исем ҡиммәтле еҫле майҙан, Үлем көнө тыуған көндән яҡшыраҡ. Мәжлесле өйгә барғансы, Йыназалы өйгә барғаның хәйерле, Сөнки һәр кемдең ахыры бер, Тере кеше шуны башында тотһон. Хәсрәт көлөүҙән яҡшыраҡ, Сөнки йөҙ моңһоулығы күңелде йомшарта. Аҡыллының күңеле – ҡайғылы өйҙә, Ахмаҡтың күңеле – кәйеф-сафалы өйҙә. Ахмаҡтың маҡтауын тыңлағансы, Аҡыллының битәрләүен ишетеү яҡшыраҡ. Ахмаҡтың көлөүе хас та Ҡаҙан аҫтында янған сыбыҡтың сытырлауы. Был да – фани. Башҡаларҙы йәберләү аҡыллыны ла ахмаҡлата, Ришүәт кешенең күңелен боҙа. Һәр нәмәнең ахыры уның башынан хәйерлерәк; Сабыр кеше һауалынан яҡшыраҡ. Асыуланырға ашыҡма, Асыу ахмаҡтарҙың эсендә оялай. «Ниңә үткән көндәр бөгөнгөнән яҡшы ине?» – тип һорама, Бындай һорау аҡылдан түгел. Аҡыл мираҫ кеүек үк яҡшы, Ул ҡояш йөҙөн күргәндәр өсөн файҙалы. Көмөш нисек кешене һаҡлаһа, Аҡыл да шулай уҡ һаҡлай; Бына ғилемдең файҙаһы: Аҡыл эйәһенең ғүмерен һаҡлай. Алланың ғәмәлдәренә күҙ һал: Ул кәкрәйткәнде кем турайта ала? Бәхетле көндәреңдә ҡыуан, ҡайғылы көндәреңдә иһә шуны иҫеңдә тот: тегеһен дә, быныһын да Алла бирә, һис кем киләсәктә нимә булырын белмәй. Фани ғүмерем дауамында төрлөһөн күрҙем: тәҡүә кеше тәҡүә булыуына ҡарамаҫтан, харап була, яуыздар иһә үҙ яуызлыҡтары эсендә оҙон ғүмер һөрә. Артыҡ тәҡүә һәм артыҡ аҡыллы булып күренергә тырышма: ниңә үҙеңде харап итергә? Артыҡ яуыз, дыуамал булма: ниңә ваҡытынан алда үлергә? Был нәсихәттәрҙең береһен тотоп, икенсеһен онотма, Алланан ҡурҡыу бөтә бәләләрҙән дә һаҡлап ҡалыр. Аҡыл кешене ҡалалағы ун хөкөмдарҙан көслөрәк итә. Ер йөҙөндә гел яҡшылыҡ ҡына эшләп, бер ҙә гонаһ ҡылмаған тәҡүә кеше юҡ. Хеҙмәтсеңдең һине яманлағанын ишетмәйем тиһәң, кешеләр һөйләгән бөтә һүҙгә ҡолаҡ һалып барма. Хәйер, үҙеңдең дә башҡалар хаҡында ғәйбәт һөйләгәнең аҙ булманы бит. Быларҙың барыһын да аҡыл менән һынаным. «Аҡылға ирешермен», – тинем, ләкин уға етә алманым. Бөтә булған нәмә – алыҫта, тәрәне – тәрәндә: кем уның төбөнә төшә алыр? Мин зиһенемде аҡыл менән зирәклекте белеү, тикшереү һәм табыуға, яуыздарҙың ахмаҡлығы, аҡылһыҙҙарҙың дыуамаллығы нимәлә икәнен төшөнөүгә йүнәлттем. Шуны белдем, әжәлдән дә әсерәге ҡатын-ҡыҙ икән: ул үҙе – тоҙаҡ, йөрәге – ау, ә ҡулдары – бығау. Аллаға күркәм булған әҙәм унан ҡасып ҡотола, гонаһлы бәндә иһә уның тоҙағына эләгә. – Бер-бер артлы һынап ҡарап, бына шундай яуапты таптым, – тине Вәғәзсе. – Ә бына эҙләп-эҙләп тә нимәне тапманым һуң? Мең кеше араһынан бер яҡшы ир таптым, ләкин улар араһында бер генә яҡшы ҡатын-ҡыҙ ҙа юҡ ине. Мин бер нәмәне генә аңланым: Алла әҙәм балаһын намыҫлы итеп яратҡан, ләкин улар һәр төрлө мәкерле ниәткә тотонған. Кем аҡыллы кеше менән тиңләшер, һәр нәмәнең асылын кем аңлатыр? Аҡыл кешенең йөҙөн нурландыра, сырайының ҡырыҫлығын юя. Батша бойороғон тот, сөнки был һинең Алла алдында биргән антыңа бәрәбәр. Батша хозурынан ситкә сығырға ашыҡма, яман эштәр яҡлы булма, сөнки батша үҙе нимә теләй, шуны эшләй ала. Батшаның һүҙендә көс бар. Кем уға: «Нимә эшләйһең?» – тип әйтә ала? Бойороҡҡа буйһонған кеше яманға тарымаҫ. Аҡыллы һәр нәмәнең мәлен һәм әмәлен белә. Сөнки һәр нәмәнең үҙ мәле һәм әмәле бар. Әммә кешегә күп ауыр хәлдәр кисерергә тура килә. Бер кем дә алда ни булырын белмәй; киләсәктә нимә булырын кем әйтһен? Кешенең елде туҡтатырға ҡөҙрәте етмәгәндәй, үҙенең әжәл көнө өҫтөнән хакимлығы юҡ. Был көрәштә ҡотолоу юлы юҡ, яуызлыҡ яуызды ҡотҡармаҫ. Ҡояш аҫтында ҡылынған эштәрҙең һәр ҡайһыһына илтифат иткәндә, мин быларҙың һәммәһен дә күрҙем. Бер кеше башҡа кеше өҫтөнән хакимлыҡ итә һәм уға зарар килтерә. Яуыз кешеләрҙе ерләгәнде күргәнем бар. Был әҙәмдәр мөҡәддәс ергә килеп-китер, әммә уларҙы үҙҙәре яуызлыҡ ҡылған ҡалала оноторҙар. Был да – фани. Яман эштәр өсөн яза тиҙ бирелмәгән саҡта, кешеләр енәйәт ҡылыуға әүәҫләнә. Гонаһлы әҙәм йөҙҙәрсә ҡат боҙоҡлоҡ эшләһә лә, оҙаҡ йәшәүе бар, ләкин Алланы хөрмәтләгән, Унан ҡурҡҡан кешегә генә яҡшы булыр – шуны беләм. Залим яҡшылыҡ күрмәҫ, Алланан ҡурҡмағанға күрә, ғүмере күләгәнекеләй ҡыҫҡа булыр. Ер йөҙөндә тағы бер мәғәнәһеҙлек бар: яманға тейеш яза тәҡүә кешенең башына төшә, ә тәҡүәгә лайыҡ игелекте ямандар үҙләштерә. Мин: «Был да фани!» – тинем. Шунан мин күңел асыуҙы өҫтөн ҡуйҙым, сөнки ҡояш аҫтында кеше өсөн ашап-эсеп, күңел асыуҙан да яҡшы нәмә юҡ. Алла биргән ғүмерендә кешегә ауыр хеҙмәтендә ошо ярҙам итер. Аҡыл өйрәнгәнемдә, зиһенемде кешеләрҙең ҡояш аҫтында ғүмер буйы, көнө-төнө, йоҡо белмәй башҡарған эштәрен төшөнөүгә йүнәлткәндә, мин Алланың барлыҡ ғәмәлдәрен күрҙем, кешеләрҙең иһә ҡояш аҫтында башҡарылғанды тулыһынса аңлап бөтөрә алмағанына төшөндөм. Кеше күпме генә аңлайым тип тырышмаһын, барыбер төшөнмәҫ. Хатта аңлайым тигән аҡыл эйәһе лә быға ирешә алмаҫ. Төбөнә төшөү өсөн мин быларҙың барыһын да күңелем аша үткәрҙем. Тәҡүә кешеләрҙең һәм аҡыл эйәләренең яҙмышы, уларҙың барлыҡ эштәре Алла ҡулында икәнен күрҙем. Алда мөхәббәт көтәме, әллә нәфрәтме – әҙәми затҡа билдәһеҙ. Бөтәһенең дә аҙағы бер: тәҡүәне лә, залимды ла, игелеклене лә, яуызды ла, пакты ла, нәжесте лә, ҡорбан килтергәнде лә, ҡорбан килтермәгәнде лә бер тәҡдир көтә. Гонаһлыларға нимә булһа, яҡшыларға ла шулай була; ант итеүсегә лә, ант итеүҙән ҡурҡҡанға ла – бер яҙмыш. Ҡояш аҫтында эшләнгән эштәрҙең насар яғы шунда: бөтәһен дә бер үк тәҡдир көтә. Бынан тыш кешеләрҙең күңеле иҫән саҡтарында яуызлыҡ һәм дыуамаллыҡ менән тулы; ә аҙаҡ улар мәрхүмдәр янына китә. Тереләр араһында кешенең өмөтө бар, хатта тере эткә лә үле арыҫланға ҡарағанда яҡшыраҡ. Тереләр үләсәген белә, ә үлеләр бер нәмә лә белмәй, уларға башҡаса бер ниндәй әжер ҙә юҡ, сөнки улар тураһында иҫтәлек тә ҡалмай. Улар яратҡан, нәфрәтләнгән һәм йәндәрен көйҙөргән нәмәләрҙең барыһы ла үтеп киткән. Бынан ары улар бер ҡасан да ҡояш аҫтында була торған эштәргә ҡушыла алмай. Әйҙә икмәгеңде шат күңел менән аша, шарабыңды ҡыуаныс менән эс: инде Алла һинең ғәмәлдәреңде хуш күрә! Һәр саҡ аҡ төҫтәге кейемдәр кей, башыңа еҫле май һөрт. Яратҡан ҡатының менән тормошҡа шатланып йәшә, ҡояш аҫтындағы фани ғүмереңдең һәр көнөнә ҡыуан. Был ғүмерҙе һиңә Алла бирҙе – былар һинең был донъялағы тормошоңдағы һәм ауыр хеҙмәтеңдәге өлөшөң. Ҡулың эшләй алғанды, көсөңдән килгәнде эшлә, сөнки һин бара торған үлеләр донъяһында эш тә, уй ҙа, белем дә, аҡыл да юҡ. Был ҡояш аҫтында мин тағы ла шуны күрҙем: Ярышта еңеү иң етеҙҙәргә, Алышта иң ҡыйыуҙарға булмай икән. Эшләп тапҡан икмәк – иң аҡыллыларға, Байлыҡ – белемлеләргә, Абруй-хөрмәт оҫталарға эләкмәй. Быларҙың барыһын да осраҡлылыҡ һәм ваҡыт хәл итә. Тейешле ваҡыттың ҡасан килерен һис кем белмәй. Ауға эләккән балыҡ, тоҙаҡҡа сырмалған ҡош ише, Әҙәм балаһы бәлә-ҡазаға көтмәгәндә тарый. Ҡояш аҫтында мин йәнә бер аҡыл күрҙем: ул миңә мөһим тойолдо. Бына бәләкәй генә бер ҡала, халҡы ла күп түгел. Бер ҡөҙрәтле батша уға һуғыш аса һәм, бейек убалар ҡороп, ҡамауға ала. Ләкин ҡалала аҡыллы бер фәҡир булған икән, һәм ул зирәклеге менән ҡаланы ҡотҡара. Әммә һуңынан был фәҡирҙе иҫкә алыусы ла булмай. Шул саҡ мин әйттем: аҡыл көстән яҡшыраҡ, ләкин фәҡир кешенең аҡылын һис кем ҡәҙерләмәй, уның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалмай. Аҡыллының тыныс әйткән һүҙе ахмаҡтарҙың хакимы аҡырғандан яҡшыраҡ ишетелә. Аҡыл һуғыш ҡоралынан яҡшыраҡ. Ләкин гонаһлы бер әҙәм күп яҡшылыҡты юҡҡа сығара ала. Үле себен төшөп, хуш еҫле майҙы боҙған һәм һаҫытҡан кеүек, бәләкәй генә ахмаҡлыҡ та аҡыл менән абруйҙан ауырыраҡ тарта. Аҡыллының йөрәге – дөрөҫ юлдан, ахмаҡтыҡы хата юлдан йөрөтә. Ахмаҡ ниндәй генә юлдан йөрөмәһен, ахмаҡлығын күрһәтә, уның йөрөүендә мәғәнә юҡ. Түрәң һиңә асыуланһа ла, эшеңде ташлама. Күндәмлек ҙур хатаны ла ҡаплай. Ҡояш аҫтында йәнә бер яманлыҡ күрҙем – ул да булһа ил башлығының ғәҙелһеҙлеге: ахмаҡтар – юғарыла, байҙар иһә аҫта ултыра. Мин йәнә шуны күрҙем: ҡолдар атҡа атланып бара, хакимдар, ҡол һымаҡ, йәйәү бара ине. Соҡор ҡаҙған кешенең уға үҙе йығылып төшөүе, диуарҙы ҡутарғанды иһә йылан сағыуы ихтимал. Таш киҫеүсенең үҙенең шул таштан имгәнеүе, утын ярған кешенең утындан зыянлауы бар. Үтмәҫ балтаны үткерләмәһәң, эшләгәндә күберәк көс китер. Аҡылдың файҙаһы – уңыш. Әгәр йылан арбағанға тиклем саға икән, уны арбаусының ни кәрәге бар. Аҡыллының ауыҙынан сыҡҡан һүҙҙә – бәрәкәт. Ахмаҡ теле менән үҙен һәләкәткә этәрә. Ахмаҡ һүҙен ахмаҡлыҡтан башлай ҙа шыр тилелек менән тамамлап ҡуя. Ахмаҡ күп һөйләй, ләкин киләсәктә ни булырын бер кем белмәй; үҙенән һуң ни булырын уға кем әйтһен? Ахмаҡты эш тиҙ ялҡыта, ул хатта ҡалаға ҡайтыр юлын да онота. Эй ил халҡы, батшаң бала булып, түрәләрең иртә таңдан табын ҡора башлаһа, ҡайғы һиңә! Эй ил халҡы, батшаң затлы нәҫелдән булып, түрәләрең ризыҡты кәйеф-сафа өсөн түгел, хәл алыр өсөн үҙ ваҡытында ашай торған булһа, һин бәхетле! Хужаһы ялҡау булһа, өйөнөң түшәме ишелер, ҡул ҡаушырып ултырһа, түбәһенән һыу үтер. Кеше табынды күңел өсөн йыя, шарап кәйефте күтәрә, әммә бөтәһе өсөн дә көмөш кәрәк. Батша хаҡында эстән генә лә яман телләнмә, йоҡо бүлмәңдә байҙар тураһында насар һөйләмә, сөнки осар ҡош хәбәр алып барыр, ҡанатлы ҡош әйткәнеңде сәсеп йөрөр. Икмәгеңде һыуға ағыҙ, күп көндәрҙән һуң һин уны ҡабат табырһың. Булғаныңды ете, хатта һигеҙ өлөшкә бүлеп тарат, сөнки илдә ниндәй бәлә булырын белмәҫһең. Болот тулышҡас, ергә ямғыр яуҙыра; әгәр ағас көньяҡҡа йәки төньяҡҡа ауһа, ҡайҙа ауған, шул урында ҡала. Ел баҫылғанын көткән кешенең ере сәселмәй ҡалыр, болоттарҙы күҙәткән әҙәм ашлығын йыя алмаҫ. Елдең юлын һәм әсә ҡарынында бала тумалғанын белмәгән кеүек, бар нәмәне яратҡан Алла ғәмәлен дә белә алмаҫһың. Орлоғоңдо иртән иртүк сәсә башла, кискә тиклем ҡулыңа ял бирмә, сөнки ҡайһыһы уңышлы булырын белмәҫһең, бәлки икеһе лә уңышлы булыр. Яҡтылыҡ – матур; ҡояшты күреү күҙҙәр өсөн ләззәтле. Кеше, күпме генә йәшәмәһен, ғүмере буйына шатланып йәшәһен, әммә ҡараңғы көндәрен дә иҫенән сығармаһын, сөнки улар ҙа күп булыр һәм нимә буласаҡ, барыһы ла – фани. Эй егет, йәш сағыңда күңел ас, шатлан да көл. Йөрәгең нимә ҡуша, шуны эшлә, күҙең ҡайҙа әйҙәй, шунда йөрө; әммә бел: быларҙың бөтәһе өсөн дә һиңә Алла алдында хисап тоторға тура килер. Йөрәгеңдән ҡайғы-хәүефтәрҙе ҡыу; тәнеңдән сир-ғазапты алып ташла, сөнки йәшлек һәм ҡара сәстәр ел һымаҡ тиҙ үтеп китә. Ул көндө өйҙө һаҡлағандар ҡалтырар, көслөләр хәлһеҙләнер, аҙ ҡалған тирмәнселәр тартыуҙан туҡтар, тәҙрәнән ҡарағандарҙың күҙ алдары ҡараңғыланыр, урамға сыға торған ишектәр томаланыр; тирмән тауышы тыныр, ҡоштарҙың һайрауы уятып ебәрер, йырлаусылар ишетелмәҫ. Бейек урындарҙан ҡурҡырһың, юлдағы дәһшәттән хафаланырһың. Баҙам ағасы сәскә атыр; сиңерткәләрҙең кәүҙәһе ауырайыр; каперс ҡыуағы ҡойолоп төшөр. Ул көндө кеше мәңгелек йортона китер һәм һыҡтап оҙатыусылар урамдарҙа өйөрөлөр. Көмөш сылбыр өҙөлгәнсе, Алтын кәсә йәмшәйгәнсе, Инеш янындағы көршәк ярылғансы, Ҡоҙоҡ өҫтөндәге сығыр емерелгәнсе, Бар ҡылыусыңды иҫтә тот. Тупраҡтан яралған тәнең ҡабат тупраҡҡа ҡайтыр. Алла биргән йәнең кире Эйәһенә ҡайтыр. – Буш мәшәҡәт, – тине Вәғәзсе, – буш мәшәҡәт. Бөтәһе лә фани. Вәғәзсе аҡыллы кеше ине. Ул үҙенең белгәндәрен башҡаларға өйрәтте, бик күп хикмәтле нәмәләр хаҡында фекер йөрөтөп, уларҙы тупланы. Вәғәзсе, тапҡыр һүҙҙәр табып, хәҡиҡәт һүҙҙәрен дөрөҫ итеп яҙып ҡалдырҙы. Аҡыл эйәләренең һүҙҙәре – мал ҡыуа торған осло таяҡ кеүек, Әйтемдәр йыйылмаһы – ныҡ итеп ҡағылған сөй шикелле; Улар бер көтөүсе тарафынан бирелгән. Бынан ғәйре, улым, шунан һаҡлан: китап яҙыусыларҙың иҫәбе юҡ, күп уҡыу тәнде талсыҡтыра. Бөтә нәмә әйтелде, инде бына һығымта: Алланан ҡурҡ, Уның ҡушҡандарын үтә, сөнки был әҙәм балаһының төп бурысы. Алла һәр бер эште, һәр йәшерен ғәмәлде – яҡшыһын да, яманын да – Үҙенең хөкөмө алдына ҡуя. Сөләймәндең иң гүзәл йыры. Үпһен мине, үпһен ирендәрең! Һөйөүең һинең шараптан татлы. Хушбуйың һулап туйғыһыҙ, Исемең – гүйә түгелеп киткән еҫле май, Шуға ла ҡыҙҙар ярата һине. Үҙ артыңдан әйҙә мине – йүгерәйек! Батшам мине бүлмәһенә алып килде! Эй батшабыҙ, ҡыуанырбыҙ, Һинең менән һоҡланырбыҙ, Һөйөүеңде шараптан былай маҡтарбыҙ – Ысынлап та яратыуға лайыҡһың һин! Эй Йәрүсәлим ҡыҙҙары! Ҡара булһам да, Ҡыдар сатырҙарылай, Сөләймәндең шаршауҙарылай матур мин. Ҡарасманлығыма ҡарамағыҙ, Ҡояш мине шулай ҡарайтты. Ағайҙарым миңә асыуланып, Йөҙөм баҡсаларын ҡарауыллар өсөн ҡуйҙы, Ә үҙемдең баҡсамды һаҡлай алманым. Йән һөйгәнем, әйтсе миңә: Малдарыңды ҡайҙа утлатаһың? Төш мәлендә ҡайҙа ятҡыраһың? Ниңә мин дуҫтарыңдың малы янында Бөркәнсек ябынған ҡатындай йөрөргә тейеш? Ҡайҙалығымды белмәһәң, Эй гүзәлдәрҙең гүзәле, Һарыҡтарҙың эҙенән бар. Көтөүселәрҙең сатырҙары янында Үҙеңдең кәзә бәрәстәреңде утлат. Фирғәүен арбаһына егелгән аттар араһындағы байталға Оҡшатам һине, һөйөклөм! Бит алмаңды һырғаларың биҙәп тора, Мунсаҡ тағылған муйының ниндәй гүзәл! Һиңә көмөш тамсылар менән Алтын биҙәүестәр яһатырбыҙ. Батшам табын янында ҡырын ятҡанда Хушбуйымдың еҫтәре таралды. Түштәремдең араһында ятҡан Мирра һалынған янсыҡ һымаҡ һөйгәнем. Ғейн-Гедиҙең йөҙөм баҡсаларындағы Бер шәлкем ҡына гөлөлөр йәрем. Ниндәй гүзәлһең, һөйөклөм, Ниндәй гүзәлһең һин! Күгәрсендәй һинең күҙҙәрең! Эй һөйөклөм, ниндәй сибәрһең һин, һөйкөмлөһөң! Йәшел үлән беҙҙең түшәгебеҙ. Өйөбөҙҙөң түшәме – кедрҙар, Диуарҙары иһә – кипаристар. Мин – Шарондың нәркәс гөлө, Үҙәндәрҙең лилиә сәскәһе. Сәнскәк араһында үҫкән лилиәләй Минең йәрем ҡыҙҙар араһында. Урман ағастары араһындағы алмағас һымаҡ Минең һөйгәнем егеттәр араһында. Уның күләгәһендә ултырып зауыҡланам, Емешенең таты ауыҙымдан китмәй. Мәжлес йортона ул мине алып инде, Баш осомда һөйөү әләмен күтәрҙе. Йөҙөм ҡаптырып хәл индерегеҙ, Алмалар менән ҡеүәт өҫтәгеҙ: Һөйөү ялҡынында янам! Йәремдең һул беләге башым аҫтында, Уңы менән ҡыҫып ҡосаҡлаған. Ғәзәлдәр һәм боландар хаҡына Ялбарамын һеҙгә, эй Йәрүсәлим ҡыҙҙары! Беҙҙе был һөйөүҙән уятмағыҙ, ҡуҙғатмағыҙ, Танһығыбыҙ ҡанғанғаса ҡалһын. Был һөйгәнемдең тауышы! Тау армыттарын артылып, Түбәләрҙән елеп ашығып килә! Йәш боланға, ғәзәлгә оҡшаған йәрем. Ҡара, диуар эргәһендә тора, Беҙҙең тәҙрәбеҙгә ҡарай, Рәшәткә аша күҙ һала. Миңә өндәшә һөйгәнем: «Тор, йәрем, әйҙә, гүзәлем, минең менән! Ҡара, ҡыш та уҙып китте, Ямғырҙар ҙа үтте, туҡтаны, Тирә-йүндә сәскәләр күренде, Шатлыҡлы йырҙар миҙгеле килде, Күгәрсендәр гөрләй илебеҙҙә. Инжир емеше һутҡа тулышҡан, Гөлгә күмелгән йөҙөм ҡыуағы Тирә-яҡҡа хуш еҫен аңҡыта. Тор, йәрем, әйҙә, гүзәлем, минең менән!» Ҡаялар араһында, тарлауыҡтарҙа Йәшенгән күгәрсенем һин! Нурлы йөҙөңдө күрәйем, Моңло тауышыңды ишетәйем, Тауышың яғымлы, йөҙөң наҙлы. Төлкөләрҙе тотоғоҙ, бәләкәй төлкөләрҙе! Улар йөҙөм баҡсаһын ҡорота – Әле баҡсаларыбыҙ шау сәскә. Һөйгәнем – минеке, мин – уныҡы, Көтөүҙәрен лилиәләр араһында утлата. Эй һөйгәнем, көндөң еләҫендә, Эңер төшкәнгә тиклем кире ҡайт. Тауҙарҙа, тарлауыҡтарҙа елгән ғәзәл, Етеҙ йәш болан һымаҡ бул! Төнө буйы түшәгемдә Йән һөйгәнемде эҙләнем. Эҙләнем, тик таба алманым. «Торайым, ҡаланы әйләнәйем, Урамдарҙан, майҙандарҙан йөрөп Йән һөйгәнемде эҙләйем», – тинем. Эҙләнем, тик таба алманым. Ҡала буйлап йөрөгән һаҡсыларҙы осраттым, Һораным: «Күрмәнегеҙме һөйгәнемде?» Улар янынан китеүем булды, Йән һөйгәнемде мин таптым. Ҡосаҡлап алдым да ебәрмәнем; Уны әсәйем өйөнә, Мине тапҡан әсәм бүлмәһенә алып ҡайттым. Ғәзәлдәр һәм боландар хаҡына Ялбарамын һеҙгә, эй Йәрүсәлим ҡыҙҙары! Беҙҙе был һөйөүҙән уятмағыҙ, ҡуҙғатмағыҙ, Танһығыбыҙ ҡанғанғаса ҡалһын. Ни был сүлдән күтәрелгән Төтөн бағанаһы һымаҡ килгән, Сауҙагәрҙең төрлө хушбуйҙары, Мирра-ладан еҫен таратҡан? Был – Сөләймәндең тәхет-түшәге! Алтмыш баһадир уратҡан уны, Исраилдың батыр егеттәре. Барыһы ла ҡылыс таҡҡан, Оҫта һуғышсылар. Төнгө дәһшәттән һаҡланыу өсөн Һәммәһенең ҡылысы билендә. Сөләймән батша тәхет-түшәген Ливан ағастарынан яһатҡан. Терәүҙәре – көмөш, һөйәнгесе – алтын. Ултырғысы ҡуйы ҡыҙыл туҡыманан. Йәрүсәлимдең ҡыҙҙары уның эсен Мөхәббәт менән биҙәгән. Сион ҡыҙҙары, сығығыҙ, Туй көнөндә, йөрәге шатлыҡҡа тулған көндә, Әсәһе биргән таж кейгән Сөләймәнгә ҡарағыҙ! Һин гүзәлһең, эй йәрем, шундай гүзәлһең! Япмаң аша ҡараған күҙҙәрең – күк күгәрсен. Сәсең гүйә Ғилғәд тауын ябып, Аҫҡа ағылған кәзә көтөүе һымаҡ. Тештәрең яңы йөнө ҡырҡылған, Һыуҙа йыуынып сыҡҡан һарыҡ һымаҡ аҡ, Һәр ҡайһыһының игеҙәге бар. Араһында береһе лә юғалмаған. Ал ҡыҙыл таҫмалай ирендәрең, Ауыҙың да гүзәл һинең! Япмаң аҫтындағы яңаҡтарың Уртаға бүленгән анар алмаһындай. Муйының зауыҡ менән ҡоролған Дауыт манараһы һымаҡ. Уны гүйә мең ҡалҡан биҙәгән, Барыһы ла ҡаһармандарҙың ҡалҡаны. Түштәрең ике болан балаһы һымаҡ, Гүйә ғәзәлдең игеҙ быҙауы Лилиәләр араһында утлай. Көндөң еләҫендә, Күләгәләр оҙонайған саҡта, Еҫле үләндәр тауына, Хуш еҫ аңҡытҡан түбәгә менәйемсе. Ниндәй гүзәлһең һин, йәрем, Бер ниндәй кәмселегең юҡ! Минең менән Ливандан кил, эй кәләшем! Кил минең менән Ливандан! Амана башынан төш, Сенир менән Хермон түбәһенән, Арыҫландарҙың өңөнән, Ҡапландар йәшәгән тауҙарҙан төш. Эй һылыуым, кәләшем минең, Йөрәгемде әсир иттең. Күҙҙәреңдең бер ҡарашы менән, Муйыныңдағы бер мәрйен менән Минең йәнемде арбаның! Һөйөүең шундай ләззәтле, Һылыуым, кәләшем минең, Һинең һөйөүең шараптан татлы; Еҫле майҙарыңдың еҫе Барлыҡ хушбуйҙарҙан тәмлерәк! Ирендәрең солоҡ балдай татлы, Наҙлы һүҙең – бал да май, кәләшем минең. Кейемеңдән аңҡый Ливандың хуш еҫе! Һылыуым минең, кәләшем, Гүйә һин бикле баҡсаһың, Диуар менән уратылған инеш, Ҡапҡасы ябылған ҡоҙоҡ. Һайланма емештәр биргән Анар баҡсаһына оҡшайһың. Был баҡсала сөмбөлдәр, ҡына гөлдәр, Эйе, был баҡсала – нард, зәғферәндәр, Хуш еҫле ҡамыш һәм дәрсен, Барса ладан ағастары, Мирра һәм йөҙйәшәр – Иң затлы хуш еҫле үҫемлектәр. Һөйгәнем, һин – баҡсалағы шишмә, Тере һыу инеше, Ливан тауынан аҡҡан ағын һыу. Эй төньяҡ еле, уян, Һин дә иҫ, эй көньяҡ еле! Баҡсама иҫ – хуш еҫе таралһын. Баҡсаһына килһен һөйгәнем, Иң татлы емештәремдән ауыҙ итһен! Баҡсама килдем, һылыуым, кәләшем минең. Миррам менән хуш еҫле үләндәремде йыйҙым, Кәрәҙемдән балымды ашаным, Һөтөм менән шарабымды эстем. Туйғансы ашағыҙ, дуҫтар! Эй ғашиҡтар, Һөйөүҙән иҫергәнсе эсегеҙ! Үҙем йоҡлаһам да йөрәк уяу… Ана, минең йән һөйгәнем шаҡый: «Ас миңә, һылыуым, һөйгән йәрем, Күгәрсенем минең, гүзәлем! Башым сыланды төнгө ысыҡҡа, Тамсыларҙан сәсем дымланды». Мин инде күлдәгемде сискәнмен, Уны нисек яңынан кейәйем? Аяҡтарымды йыуғанмын, Нисек уларҙы ҡабаттан бысратайым? Һөйгәнем ҡулын ишек ярығынан һонғайны – Эс-бауырым ҡалтыранып китте. Һөйгәнемә асырға тип торҙом. Ҡулдарымдан мирра тамды, Бармаҡтарымдан еҫле май Ишек тотҡаһына ағып төштө. Һөйгәнемә ишек астым, Ә ул инде китеп барған! Ул киткәнгә йөрәгем өҙөлөп төштө… Эҙләнем мин, әммә таба алманым, Саҡырҙым, тик яуап ҡайтарманы. Ҡала буйлап йөрөгән һаҡсыларҙы осраттым, Улар мине туҡманы, яраланылар. Ҡала диуарының һаҡсылары Япмамды тартып алдылар. Ялбарамын һеҙгә, эй Йәрүсәлим ҡыҙҙары! Тапһағыҙ һөйгәнемде, әйтегеҙ уға: Мин һөйөү утында янам! Эй сибәрҙәрҙең сибәре, әйтсе, Башҡаларҙан нимәһе менән артыҡ һөйгәнең? Уның нимәһе башҡаларҙан артыҡ булғанға, Шул тиклем һин беҙгә ялбараһың? Һөйгәнем нурлы, биттәре алһыу ғына, Ун меңдәр араһында берҙән-бер. Башы уның, әйтерһең, саф алтын, Бөҙрә сәсе ҡарға һымаҡ ҡара. Күҙҙәре гүйә ағын һыу буйындағы күгәрсендәр, Быуа янында ултырған, Һөттә ҡойонған күгәрсен. Яңаҡтары – хуш еҫле сәскә түтәле, Ирендәре – мирра тамып торған лилиә таждары, Беләктәре – аҫылташтар теҙелгән алтындай. Тәне зәңгәр яҡуттар менән биҙәлгән Фил һөйәге һымаҡ ҡатҡыл, шыма. Аяҡтары алтын таяуға ҡуйылған Мәрмәр бағаналар һымаҡ көслө. Һыны Ливан тауҙарылай ғорур, Кедр ағастарылай мөһабәт. Ирендәре татлы, Үҙе иһә һәр йәһәттән килгән. Бына шундай ул минең һөйгәнем, Бына ниндәй минең дуҫым, Эй Йәрүсәлим ҡыҙҙары! Һөйгәнең ҡайҙарға китте, Эй гүзәлдәрҙең гүзәле? Ҡайһы тарафҡа юл алды, әйтсе? Һинең менән бергәләп эҙләрбеҙ. Һөйгәнем үҙенең баҡсаһына төштө, Еҫле гөл түтәлдәре янына. Ул шунда баҡсалар араһында йөрөр, Көтөүен лилиәләр араһында утлатыр. Мин – һөйгәнемдеке, һөйгәнем – минеке. Ул көтөүҙәрен лилиәләр араһында утлата. Тирса ҡалаһылай гүзәлһең һин, йәрем. Йәрүсәлим кеүек һөйкөмлөһөң, Байраҡтарын күтәргән ғәскәрҙәй дәһшәтлеһең. Күҙҙәреңде ситкә алсы минән, Улар минең баҙнатымды ала! Сәсең гүйә Ғилғәд тауын ябып, Аҫҡа ағылған кәзә көтөүе һымаҡ. Тештәрең һыуҙа йыуынып сыҡҡан һарыҡтай аҡ, Һәр ҡайһыһының игеҙәге бар, Араһында береһе лә юғалмаған. Уртаға бүленгән анар алмаһылай, Япмаң аҫтындағы яңаҡтарың. Ана, алтмыш батшабикә, һикһән йәриә, Йәш ҡыҙҙарҙың иҫәбе-һаны юҡ! Әммә минең күгәрсенем, гүзәлем берҙән-бер! Әсәһенең яңғыҙ ҡыҙы, Тапҡан әсәһенең ғәзизе. Ҡыҙҙар уны күреп, бәхетле, ти, Батшабикә, йәриәләр маҡтай. Кем ул таңғы шәфәҡ кеүек сихри, Айҙай гүзәл, ҡояш кеүек балҡыу, Байраҡтарын күтәргән ғәскәрҙәй дәһшәтле? Үҙәндәге йәшеллекте күрергә тип, Мин сәтләүек туғайына төштөм. Йөҙөм ҡыуағы япраҡҡа тумалғанмы, Анар ағасы сәскә атҡанмы? Үҙем дә аңламай ҡалдым, Арманым затлы халҡымдың Арбаһына мине мендерҙе. Борол, боролоп ҡайт, Шулам ҡыҙы, Борол, һине тағы бер күрәйек. Шулам ҡыҙына ни өсөн ҡарайһығыҙ? Әйтерһең дә Маханаимды бейейем? Ҡата кейгән аяҡтарың ниндәй матур, Аҫыл зат ҡыҙ! Янбаштарың йомро, әйтерһең дә, Оҫта ҡулдар юнған аҫылташтар. Хуш еҫле шарапҡа мөлдөрәмә тулы Йомро бер туҫтаҡ – кендегең. Эсең – лилиәләр менән уратылған Бойҙай көлтәһеләй матур. Түштәрең ике болан балаһы һымаҡ, Гүйә ғәзәлдең игеҙ быҙауы. Муйының гүйә фил һөйәгенән юнылған бағана. Күҙҙәрең Бат-Раббим ҡапҡаһы янындағы Хешбон быуаларына оҡшап мөлдөрәмә. Танауың Дамаскка ҡараған Ливан манараһы кеүек текә. Башың ғорур – гүйә Кармәл тауы. Тулҡын сәсең – балҡып торған ҡарағусҡыл ҡыҙыл, Бөҙрәләрең тотҡонға алды батшаны. Ниндәй сибәрһең һөйгәнем минең! Ниндәй ләззәт миңә һине һөйөү. Буйың хөрмә ағасылай зифа, Түштәрең уның емеше кеүек тулы. Уйланым мин: «Үрмәләйем хөрмә ағасына, Емешле ботаҡтарыңа тотонайым». Күкрәктәрең – йөҙөм тәлгәшеләй, Һулышыңдан алманың хуш еҫен тояйым. Ирендәрең затлы шарап һымаҡ татлы. Был шарап һөйгәнемә ағылһын, Ирендәрем һәм тештәрем араһынан тамылйыһын. Мин – һөйгәнемдеке, Ул бары тик мине теләй. Әйҙә, һөйгәнем, ҡырға сығайыҡ, Ҡына гөлдәре араһында ҡунайыҡ. Иртүк тороп йөҙөм баҡсаларына барырбыҙ, Ҡарарбыҙ: улар япраҡ ярғанмы, Сәскәләре тумалғанмы, Анарҙары сәскәләргә күмелгәнме? Шунда мин һиңә һөйөүемде бүләк итермен. Һөйҙөргөс алмаһы хуш еҫен аңҡыта, Ишек төбөбөҙгә һәр төрлө емештәр баулап, Һинең өсөн һаҡлап ҡуйҙым, һөйгәнем. Бер туған ағайым булһаң икән, Әсәйемдең һөтөн имеп үҫкән! Урамда осратһам, һине үбеп алыр инем, Бының өсөн һис кем ғәйеп итә алмаҫ ине. Мин һине әсәйемдең өйөнә Етәкләр ҙә алып ҡайтыр инем. Һин мине яратырға өйрәтер инең, Мин һине хуш еҫле шарап менән, Анарым шәрбәте менән һыйлар инем. Йәремдең һул беләге башым аҫтында, Уңы менән ҡыҫып ҡосаҡлаған. Ялбарамын һеҙгә, эй Йәрүсәлим ҡыҙҙары! Беҙҙе был һөйөүҙән уятмағыҙ, ҡуҙғатмағыҙ, Танһығыбыҙ ҡанғанғаса ҡалһын. Йән һөйгәненә һыйынып, Кем ул сүл яғынан килгән? Мин алмағас аҫтында һине уяттым, Әсәң шунда һиңә йөккә уҙған, Шунда һине донъяға килтергән. Мөһөрҙәй баҫ мине йөрәгеңә, Ҡулыңдағы йөҙөк ише һаҡла. Сөнки һөйөү үлемдәй ҡөҙрәтле, Көнсөллөк үлеләр донъяһы һымаҡ аяуһыҙ. Уның уғы – дөрләп янған ялҡын! Һөйөүҙе ташҡындар һүндерә алмай, Йылғалар уны йыуып китә алмай. Әгәр берәү һөйөү өсөн Өйөндәге бөтә байлығын бирһә лә, Тик оятҡа ғына ҡалыр ине. Һеңлебеҙ бәләкәс әле, Хатта күкрәктәре лә бүртмәгән. Һоратырға тип килһәләр, Уның өсөн ни эшләрбеҙ? Әгәр ул бер диуар булһа, Өҫтөнә көмөш манара ҡорор инек. Әгәр ҙә ул ишек булһа, Кедр таҡта менән көпләр инек. Мин диуарҙай инем, Инде күкрәктәрем манаралай. Бына һөйгәнемдең күҙ алдында Ҡала кеүек хәүефһеҙлек тәҡдим итеп баҫтым. Сөләймәндең Бәғел-Һамонда Йөҙөм баҡсаһы бар ине. Уны йөҙөм үҫтереүселәргә бирҙе. Уларҙың һәр береһе йөҙөм өсөн Мең көмөш түләргә тейеш булды. Минең йөҙөм баҡсам бары үҙемдеке. Эй Сөләймән, мең көмөшө – һиңә, Ике йөҙө – йөҙөм үҫтереүселәргә. Эй һин, баҡсаларҙа йәшәгән ҡыҙ! Дуҫтарым һине тыңлай – Ҡайҙа мин дә тауышыңды ишетәйем! Ашыҡ, һөйгәнем минең, Еҫле үләндәр ҡаплаған тауҙар буйлап Ғәзәл һымаҡ, йәш болан һымаҡ ел! Йәһүҙә батшалары Ғуззияһ, Йоҫам, Ахаз һәм Хизкияһ замандарында Амус улы Ишағыяһҡа Йәһүҙә менән Йәрүсәлим тураһында иңдерелгән күренмеш. Тыңла, эй күк, ер йөҙө, ҡолаҡ һал! Сөнки Раббы былай ти: «Балалар үҫтерҙем, ҙурайттым, Ә улар Миңә ҡаршы баш күтәрҙе. Үгеҙ – үҙенең хужаһын, Ишәк эйәһенең утлыҡсаһын белә. Бары тик Исраил белмәй, Минең халҡым аңламай». Гонаһ ҡылған ҡәүемгә, Енәйәттәре ауыр халыҡҡа, Яуыздар тоҡомона, Боҙоҡ балаларға ҡайғы! Улар Раббыны ташланы, Исраилдың Изгеһен һанға һуҡманы, Уға арҡалары менән боролдо. Һеҙ ни өсөн тағы туҡмалаһығыҙ һуң? Ниңә фетнәгеҙҙе һаман дауам итәһегеҙ? Башығыҙ тулы яра, Йөрәгегеҙ хәлһеҙләнгән. Түбәгеҙҙән табанығыҙғаса Һау урын юҡ: яра, эрен, ҡутыр – Таҙартылмаған, май һөртөлмәгән, бәйләнмәгән. Ерегеҙ ташландыҡҡа әйләнгән, Ҡалаларығыҙ үртәлеп көлгә ҡалған. Яттар тупрағығыҙҙың уңышын Үҙегеҙҙең алдығыҙҙа ашай, Сит ҡәүемдәр бөтәһен дә аҫтын өҫкә әйләндерҙе! Сион-ҡыҙ – йөҙөм баҡсаһындағы әүеҫлек, Йәшелсә баҫыуындағы ҡыуыш, Ҡамауҙағы ҡала һымаҡ ҡалды. Әгәр Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Ҡайһыларыбыҙҙы иҫән ҡалдырмаған булһа, Беҙ Содом һымаҡ булыр, Ғамораға оҡшап ҡалыр инек. Эй һеҙ, Содом хакимдары, Ишетегеҙ Раббы һүҙен! Аллабыҙ ҡанунын тыңла, Эй Ғамора халҡы! «Нимәгә Миңә мул ҡорбандарығыҙ? – ти Раббы. – Яндырылған һарыҡ тәкәләренән, Һимертелгән малдарығыҙҙың майынан Ғарыҡ булдым. Башмаҡ, һарыҡ, кәзәләрҙең ҡаны – Улар түгел Минең теләгәнем. Хозурыма килгән сағығыҙҙа Быларҙы һеҙҙән кем һорай? Ҡорамымдың ихатаһын ниңә тапайһығыҙ? Ҡорбандарығыҙҙың хәжәте юҡ. Ерәнгес Миңә төтәҫләгән хуш еҫтәрегеҙ! Яңы ай байрамдары, шәмбе көндәрегеҙгә, Изге йыйындарығыҙға – Енәйәтсел йыйындарығыҙға түҙә алмайым! Күңелем нәфрәтле яңы ай һәм башҡа байрамдарығыҙға. Улар Минең өсөн бер йөк булды. Уларҙы ташып арыным. Ҡулығыҙҙы һоноп, Миңә ялбарғанда, Инде һеҙҙән күҙемде йәшерәм. Күпме доға ҡылһағыҙ ҙа тыңламайым – Сөнки усығыҙ тулы ҡан. Йыуынығыҙ, пакланығыҙ. Яман ғәмәлдәрегеҙҙе күҙ алымдан юҡ итегеҙ, Яуызлыҡ ҡылыуҙан ваз кисегеҙ. Яҡшылыҡ эшләргә өйрәнегеҙ, Ғәҙеллеккә ынтылығыҙ, Залимдарҙы фашлағыҙ, Етемдең хаҡлығын яҡлағыҙ, Тол ҡатындың хаҡы өсөн көрәшегеҙ!» «Әйҙә килегеҙ, инде бергәләп уйлашайыҡ, – ти Раббы, – Гонаһтарығыҙ ҡан-ҡыҙыл төҫтә булһа, Ҡар һымаҡ салт аҡ ҡалырҙар. Әгәр улар ҡарағусҡыл ҡыҙыл икән, Ап-аҡ йөн кеүек булырҙар. Әгәр Мине тыңларға теләһәгеҙ, Ерҙең яҡшы ризыҡтары менән туйынырһығыҙ. Әммә, киреләнеп, баш тартһағыҙ, Һеҙҙе ҡылыс ашап бөтөрәсәк». Был – Раббының ауыҙынан сыҡҡан һүҙҙәр. Бығаса тоғро булған баш ҡала – Йәрүсәлим – Нисек һуң фәхишәгә әйләнгән? Ул ғәҙеллек менән тулы ине; Ул хаҡлыҡ төйәге булды, Инде бында тик кеше үлтереүселәр ҡалды! Көмөшөң төпрәгә әүерелгән; Шарабыңа һыу ҡушылған. Башлыҡтарың – фетнәселәр, Бурҙар менән әшнә улар; Барыһы ла ришүәт яраталар, Бүләк артынан сабалар. Етемдең хоҡуғын яҡламайҙар, Тол ҡатындың дәғүәләрен ҡарамайҙар. Шуға күрә Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Исраилдың Ҡөҙрәтлеһе былай тип белдерә: «Дошмандарыма асыуымды түгермен; Уларҙан үсемде алып йыуанырмын. Ҡулымды һиңә ҡаршы күтәреп, Юшҡыныңды һелте менән таҙартҡандай, Бөтә бысрағыңды юҡ итермен. Элекке дәүерҙә булғандағы һымаҡ Ғәҙел хөкөмдарҙарыңды, кәңәшселәреңде ҡайтарырмын. Шунан һуң „Хаҡлыҡ ҡалаһы“, „Тоғро ҡала“ тип һин аталырһың». Сион – ғәҙеллек аша йолоп алыныр, Тәүбәгә килгән халҡы хаҡлыҡ менән ҡотолор. Фетнәсе менән гонаһлылар бергә ҡырылыр, Раббынан ваз кискәндәр юҡҡа сығыр. Хуш күргән имәндәрегеҙ арҡаһында Һеҙ оятҡа ҡалырһығыҙ; Ботҡа табыныр өсөн һайлаған баҡсалар хурлыҡ килтерер. Япраҡтары һулыған имәнгә, Һыуһыҙ баҡсаға әйләнерһегеҙ. Ҡеүәтле кешеләрегеҙ – сүбәк кеүек, Ҡылған ғәмәлдәре осҡон һымаҡ булыр ҙа Икеһе бергә яныр, һүндереүсе булмаҫ. Амус улы Ишағыяһтың Йәһүҙә менән Йәрүсәлим тураһында күргәне. Ахырҙа шундай көндәр килер: Раббының йорто торған тау Бөтә тауҙарға баш булыр, Түбәләрҙән юғарыраҡ ҡалҡып торор, Бөтә ҡәүемдәр уға ағылыр. Бихисап халыҡтар килеп бер-береһенә: «Әйҙәгеҙ, Раббы тауына, Яҡуп Аллаһының йортона сығайыҡ, – тиер. – Ул беҙгә Үҙ юлдарын өйрәтһен, Беҙ Уның һуҡмағынан йөрөрбөҙ». Сөнки ҡанун – Сиондан, Раббы һүҙе Йәрүсәлимдән килер. Ҡәүемдәр араһында Раббы хөкөм ҡылыр, Күп халыҡтарҙың дәғүәһен хәл итер. Улар ҡылыстарынан төрән, Һөңгө башаҡтарынан ураҡ ҡойор. Халыҡ халыҡҡа ҡылыс күтәрмәҫ, Яу һөнәренә башҡа өйрәнмәҫ. Эй Яҡуп нәҫеле, кил! Раббы яҡтылығының нуры аҫтында йөрөйөк. Йә Раббы, халҡыңды – Яҡуп нәҫелен ташланың. Улар көнсығыштың күп йолаларына эйәрҙеләр. Пелештиҙәр һымаҡ күрәҙә итәләр, Сит-яттар менән ҡул ҡыҫышалар. Илдәре алтын да көмөш менән тулы, Хазиналарының юҡ иҫәбе-һаны, Ерҙәрендә аттар тулы, Һуғыш арбалары хисапһыҙ. Илдәрен боттар менән тултырҙылар; Бармаҡтары әүәләгән, үҙ ҡулдары яһаған Һындар алдында сәждә ҡылалар. Шуға күрә кәмһетелер әҙәм, Түбәнһетелеп теҙ сүгер кеше. Раббы, Һин уларҙы ғәфү итмә! Раббының дәһшәтенән, Уның бөйөк шөһрәтенән ҡурҡып, Ҡас ҡаяларға, тупраҡ аҫтына йәшен! Әҙәмдең тәкәббер ҡарашы шиңер, Ғорурлығы селпәрәмә килер. Ул көндө тик Раббы ғына юғары күтәрелер. Сөнки Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ул көн Бөтә һауалы, юғары, ғорурҙарҙы түбәнһетер. Ливандың бейек, ғорур кедр ағастарына, Башандың бөтә имәндәренә, Барса ҙур тауҙарға, бейек түбәләргә, Ҡалҡыу манараларға, нығытылған диуарҙарға, Таршиш караптарына, бөтә матур кәмәләргә – Барыһына ла киләсәк ул көн! Әҙәмдәрҙең – ғорурлығы, Бәндәнең тәкәбберлеге түбәнһетеләсәк. Ул көндө бары тик Раббы юғары күтәреләсәк. Боттар тулыһынса юҡҡа сығасаҡ. Раббы ерҙе дер һелкетер өсөн ҡалҡҡас, Һәр кеше Уның дәһшәте, бөйөк шөһрәтенән ҡурҡып, Ҡаялағы мәмерйәләргә, ер ярыҡтарына инеп боҫор. Ғүмере танау тишегендәге һулыш ҡына булған Әҙәм балаһына өмөт бағлауҙан төңөл. Уның ниндәй ҡиммәте бар? Инде Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Йәрүсәлим менән Йәһүҙәгә һәр төрлө ярҙамды туҡтатасаҡ: Икмәк менән һыуҙы, Баһадирҙар менән яугирҙәрен, Хөкөмдарҙар менән пәйғәмбәрҙәрен, Күрәҙәселәр менән аҡһаҡалдарын, Илле башлыҡтарын, арҙаҡлыларын, кәңәшселәрен, Оҫта сихырсыларын, күрәҙәселәрен тартып аласаҡ. «Был халыҡ өҫтөнән малай-шалайҙы хаким итеп ҡуям, Әйҙә уларға бала-саға хакимлыҡ итһен», – ти Раббы. Халыҡ бер-беренә золом ҡылыр, Һәр кем яҡынына дошман булыр, Егет аҡһаҡал алдында оятһыҙ ҡыланыр, Йүнһеҙ әҙәм абруйлыны рәнйетер. Атаһы йортонда туған туғанына сат йәбешеп: «Һинең, исмаһам, өҫтөңдә кейемең бар. Башлығыбыҙ бул! Был харабаларға етәкселек ит», – тип әйтәсәк. Шул саҡ ул кеше былай тип ҡысҡырыр: «Мин һеҙгә шифа бирә алмайым! Өйөмдә ашарға ла, кейергә лә юҡ. Мине халыҡҡа башлыҡ итеп ҡуймағыҙ!» Йәрүсәлим сайҡалды, Йәһүҙә ҡоланы, Сөнки һүҙҙәре лә, эштәре лә Раббыға ҡаршы. Уның шөһрәте араларында булғанды һанламанылар. Ҡиәфәттәре үҙҙәренә ҡаршы шаһитлыҡ итә; Гонаһтарын һис тә йәшермәйҙәр, Содом халҡы кеүек асыҡтан-асыҡ һөйләйҙәр. Үҙ баштарына бәлә алалар – ҡайғы уларға! Тәҡүә кешегә яҡшылыҡ күрәсәген һөйләгеҙ, Сөнки ул ҡылған ғәмәлдәренең емешен татыр. Яуыз әҙәмдәрҙең башына ҡайғы! Улар бәхетһеҙ. Ҡылғандарының ҡоһорон күрерҙәр. Халҡымды бала-саға иҙә, Өҫтөнән ҡатын-ҡыҙ хакимлыҡ итә. Эй халҡым! Юлбашсыларың аҙаштыра, Һеҙҙе юлығыҙҙан яҙлыҡтыра. Раббы дәғүәһен белдерер өсөн, Халыҡтарҙы хөкөм итер өсөн әҙер тора. Раббы Үҙ халҡының аҡһаҡалдарын, Түрәләрен яуапҡа тарттыра: «Йөҙөм баҡсаһын һеҙ бөлдөрҙөгөҙ, Өйөгөҙ тулы ярлыларҙан талап алған мал. Ни хаҡығыҙ менән халҡымды иҙәһегеҙ, Фәҡирҙәрҙе ҡыйырһытаһығыҙ?» Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы белдерә быны. Раббы былай ти: «Сион ҡыҙҙары һауалы, Баштарын текә тотоп, күҙҙәрен уйнатып, Аяҡ сылбырҙарын сылтыратып, Ваҡ-ваҡ баҫып эре йөрөйҙәр. Шуға күрә лә бөйөк Хаким уларҙың Баштарын ҡутырлатыр, оят ерҙәрен асыр». Ул көн Раббы Хаким тартып алыр уларҙың Бөтә биҙәнеү әйберҙәрен – аяҡ божраларын, Маңлай бәйләүестәрен, Айлы мунсаҡтарын тартып өҙөр. Алҡаларын, беләҙектәрен, бөркәнсектәрен, Башлыҡтарын, бәкәлдәрендәге сылбырҙарҙы, Таҫмаларын, хушбуй ҡаптарын, Бетеүҙәрен, йөҙөктәрен, танау алҡаларын, Затлы кейемдәрен, ябынсаларын, шәлдәрен, янсыҡтарын, Үтә күренмәле нәфис кейемдәрен, етен күлдәктәрен, Сәлләләрен, япмаларын тартып алыр. Шул саҡ хушбуй урынына һаҫыҡ еҫ, билбау урынына сүс, бөҙрә сәстәр урынына таҡыр баш, киң күлдәк урынына тар септә – матурлыҡ урынына хурлыҡ тамғаһы ҡалыр. Ирҙәрең, Сион, ҡылыстан үткәрелер, Батыр яугирҙәрең яуҙа һәләк булыр. Йәрүсәлим ҡапҡалары хәсрәтләнеп һыҡтар. Ҡала, буп-буш булып, ерҙә ултырған Япа-яңғыҙ ҡатынға оҡшап ҡалыр. Ул көн ете ҡатын, бер иргә йәбешеп: «Үҙ икмәгебеҙҙе ашарбыҙ, үҙ кейемебеҙҙе кейербеҙ, тик һинең исемеңде алайыҡ, беҙҙе хурлыҡтан ҡотҡар», – тип әйтәсәк. Ул көндө Раббының үҫентеһе күркәм һәм шөһрәтле буласаҡ, ерҙең емеше Исраил халҡының ҡотолоп иҫән ҡалғандарына ғорурлыҡ һәм гүзәллек килтерәсәк. Сионда, Йәрүсәлимдә иҫән ҡалғандар, Йәрүсәлимдә йәшәй тип теркәлгәндәр «изге» тиеләсәк. Бөйөк Хаким ғәҙеллек рухы һәм ялҡынлы рух менән Сион ҡыҙҙарының нәжесен йыуыр, Йәрүсәлимде ҡандан таҙартыр. Шунан Раббы Сион тауының һәм унда йыйылғандарҙың өҫтөнә көндөҙ – болот, төндә төтөнләп янып торған ут ебәрер. Раббының шөһрәте бөтә нәмәне япма һымаҡ ҡаплап торор. Был япма көндөҙгө эҫелә күләгә бирерлек һыйыныс һәм ел-ямғырҙан һаҡлар өсөн ышыҡ булыр. Йән дуҫыма уның йөҙөм баҡсаһы тураһында йырлайым әле: Ере уңдырышлы ҡалҡыулыҡта Йән дуҫымдың йөҙөм баҡсаһы бар ине. Тупрағын ҡаҙып, таштарынан таҙартты, Иң һәйбәт йөҙөм ултыртты. Уртаһына ҡарауыл манараһы ҡалҡытты, Йөҙөм һыҡҡыс өсөн ташты уйҙы. Баҡсаһынан татлы емеш көттө, Әммә йөҙөм әсе емеш бирҙе. Инде, эй Йәрүсәлимдә йәшәгәндәр, Йәһүҙәне төйәк иткәндәр, Минең менән баҡсам араһында хөкөмдар булығыҙ! Баҡсам өсөн тағы нимә эшләмәнем? Татлы йөҙөм көттөм, ә ул ниңә әсе емеш бирҙе? Ә хәҙер һеҙгә баҡсам менән нимә ҡыласағымды белдерәм: Ҡоймаһын алып ырғытам – уны бөткәнсе йыйып алһындар. Диуарын емерәм – тапап бөтөрһөндәр. Уны ташландыҡ хәлгә төшөрәм: Ботаҡтарын тәрбиәләп киҫмәҫтәр, Ерен йомшартмаҫтар – Әйҙә сәнскәк менән билсән баҫһын. Болоттарға бойороҡ бирәм: Өҫтөнә ямғыр яумаһын. Күк ғәскәрҙәре Раббыһының йөҙөм баҡсаһы – Исраил халҡы ул; Яратып ултыртҡан йөҙөм үҫентеләре – Йәһүҙә кешеләре! Ул ғәҙеллек көткәйне – бына ҡан ҡойош. Ул хаҡлыҡ көткәйне – һыҡтау! Өй өҫтөнә өйҙәр алғандарҙың, Баҫыуға баҫыу ҡушҡандарҙың башына ҡайғы! Инде башҡаларға урын ҡалмай бара! Әллә был илдә тик һеҙ йәшәйһегеҙме? Күк ғәскәрҙәре Раббыһының һүҙҙәрен ишеттем мин: «Был ҙур, күркәм йорттар буш ҡаласаҡ, Уларҙа йәшәүсе булмаясаҡ. Ун пар үгеҙ бер көн һөрә торған баҡсанан Тик бер бат шарап сығасаҡ, Сәселгән бер хомер орлоҡ Бер генә эфа уңыш бирәсәк». Иртә таңдан хәмер эҙләп, Төнгә тиклем шарап эсеп, Ҡыҙмаса йөрөгәндәрҙең башына ҡайғы! Уларҙың мәжлестәрендә Арфа, лира, дөңгөр, флейта тауыштары! Шарап аға йылға булып! Раббының ғәмәлдәрендә эштәре юҡ, Уның ҡылғандарын күрмәйҙәр. Шуға ла халҡым, белдекһеҙлеге өсөн, Һөргөнгә олаҡтырылыр; Затлылары аслыҡтан ҡырылыр, Ябайҙары һыуһыҙлыҡтан ғазапланыр. Ана, үлеләр донъяһы боғаҙ кирҙе, Ауыҙын сикһеҙ киң итеп асты: Йәрүсәлимдең арҙаҡлылары ла, ябай халҡы ла, Кәйеф-сафа һөйөүселәр ҙә – барыһы шунда олағыр. Әҙәм күндәмләнер, Кеше теҙ сүгергә мәжбүр булыр, Тәкәббер күҙҙәр ергә төбәлер. Ә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Ғәҙеллеге менән ҙурланыр, Мөҡәддәс Алла хаҡ хөкөмө менән Үҙенең изгелеген күрһәтер. Һарыҡтар унда үҙ көтөүлегендәге һымаҡ йөрөр. Һимеҙ бәрәстәр харабалар араһында утлар. Енәйәтте – ялғанлыҡ бауҙары, Гонаһты дилбәгә менән һөйрәгәндәрҙең башына ҡайғы! Улар: «Тиҙерәк булһын, Эшен йәһәтерәк ғәмәлгә ашырһын, күрәйек. Исраил Изгеһенең ниәте үтәлһен, беләйек», – тиҙәр. Яманды – яҡшы, яҡшыны – яман тип әйткәндәргә, Ҡараңғылыҡты – яҡтылыҡ, яҡтылыҡты – ҡараңғылыҡ тип күргәндәргә, Әсене – татлы, татлыны – әсе тип һанағандарға ҡайғы! Үҙҙәрен белдекле тип иҫәпләгәндәргә, Аҡыллы һанағандарға ҡайғы! Шарап һемергәндә – батыр, Хәмерҙе бутап эскәндә ғәйрәтле булғандарға ҡайғы! Ундайҙар, ришүәт өсөн, яуызды хаҡлыға сығара, Хаҡлыларҙың хаҡын тартып ала! Шуға күрә, ут һаламды көйрәткән, Ялҡын бесәнде ялмаған кеүек, Уларҙың тамыры серер, Сәскәләре туҙан һымаҡ осоп китер. Сөнки Күк ғәскәрҙәре Раббыһының ҡанунын кире ҡаҡты, Исраил Изгеһенең һүҙен һанға һуҡманы улар! Шуға күрә Раббының асыуы Үҙ халҡына ҡаршы ялҡынланды. Ҡулын һуҙып, уларға тондорҙо! Тауҙар тетрәне, мәйеттәр тиҙәк һымаҡ Урамдарҙа аунап ятты. Әммә быларҙан ғына Раббы асыуы баҫылмаҫ, Ҡулы һаман күтәрелгән килеш ҡалыр. Раббы йыраҡтағы ҡәүемдәрҙе – әләм күтәреп, Ер сигендә йәшәгәндәрҙе һыҙғырып саҡырыр; Улар бик тиҙ килеп етер. Араларында арыған да, абынған да булмаҫ. Береһе бер күҙ ҙә йоммаҫ, йоҡламаҫ та. Билдәрендәге билбауҙары сиселмәҫ, Ҡаталарының ҡайышы өҙөлмәҫ. Уҡтары осланған, йәйәләре кирелгән; Аттарының тояҡтары – саҡматаш, Арба тәгәрмәстәре – өйөрмәләй. Уларҙың арыҫландай ырылдағаны ишетелә; Йәш арыҫландай үкерә улар, Табыштарын эләктереп, Һөйрәкләп алып китәләр – Бер кем дә ҡотҡара алмаясаҡ. Ул көндө ҡоторған диңгеҙ кеүек Исраилға ажарланып ташланырҙар. Ергә баҡҡан һәр кем тик ҡараңғылыҡ һәм ҡайғы күрер. Ҡара болот яҡтылыҡты ҡаплап алыр. Ғуззияһ батша вафат булған йылды мин юғарыла, бейек тәхеттә ултырған Раббы Хакимды күрҙем; Уның кейеменең итәге тотош ҡорамды тултырғайны. Өҫтөндә серафтар кәйелә; һәр береһенең алтышар ҡанаты бар: икеһе менән йөҙҙәрен, икеһе менән аяҡтарын ҡаплағандар, икеһе менән осалар. Бер-береһенә былай тип өндәшәләр: «Күк ғәскәрҙәре Раббыһы мөҡәддәс, мөҡәддәс, мөҡәддәс! Бөтөн ер йөҙө Уның шөһрәте менән тулған!» Уларҙың тауышынан ҡорам ишектәренең нигеҙҙәре тетрәне. Йорт хуш еҫле төтөн менән тулды. – Бөттөм, һәләк булдым! – тинем. – Сөнки ауыҙы нәжес бер әҙәммен, нәжес ауыҙлы кешеләр араһында йәшәйем. Ә күҙҙәрем Батшаны – Күк ғәскәрҙәре Раббыһын күрҙе. Серафтарҙың береһе минең яныма осоп килде. Ҡулында ҡорбан усағынан ҡыҫҡыс менән алған ҡуҙ ине. Уның менән иренемә ҡағылды ла: – Бына был ҡуҙ ауыҙыңа тейҙе, инде ғәйебең алынды, гонаһың ярлыҡанды, – тине. Шунда бөйөк Хакимдың тауышын ишеттем. Ул: – Кемде ебәрәйем? Беҙҙең өсөн кем барыр? – тине. – Бына мин! Мине ебәр! – тинем. Ул шунда былай тине: – Бар, был халыҡҡа әйт: «Тыңлап-тыңлап та, аңламаҫһығыҙ; Ҡарап-ҡарап та, күрмәҫһегеҙ!» Күҙҙәре күрмәһен, ҡолаҡтары ишетмәһен, Аҡылдары аңламаһын, Миңә боролоп, шифа тапмаһындар өсөн Был халыҡтың аҡылын томала, Ҡолаҡтарын һаңғыраулат, Күҙҙәрен йомдор. Мин һораным: – Эй бөйөк Хаким, ҡасанға тиклем? Раббы әйтте: «Ҡалалар, харабаға әйләнеп, йәшәүсеһеҙ, Өйҙәр – кешеһеҙ, был ер тотош бушап ҡалғанға тиклем. Раббы кешеләрҙе бик йыраҡтарға һөрәсәк, Ил буп-буш тороп ҡаласаҡ. Халыҡтың ундан бере ҡалһа ла, Улары ла бөлгөнлөккә төшөр. Әммә ҡырҡылғандан һуң төпһәһе ҡалған Имәнде, ғорур ағасты, ҡырҡҡандан һуң төбө ҡалған һымаҡ, Исраилдан да төпһә ҡаласаҡ, Уның төпһәһе – изге орлоҡ». Ғуззияһтан тыуған Йоҫамдың улы Ахаз Йәһүҙәгә батшалыҡ иткән осорҙа, Арам батшаһы Ресин менән Исраил батшаһы Ремалъяһ улы Пеҡах Йәрүсәлимгә һөжүм иттеләр, әммә ҡаланы ҡулға төшөрә алманылар. Дауыт нәҫеленә Арам менән Әфраим ғәскәрҙәренең берләшеүе тураһында хәбәр килгәс, Ахаз батша менән халыҡтың йөрәге елдә сайҡалған урман ағастары һымаҡ һелкенде. Шул саҡ Раббы Ишағыяһҡа былай тине: – Улың Шеар-Яшув менән Ахазды ҡаршыларға сыҡ. Ул өҫкө быуа арығының осонда Кейеҙсе баҫыуына барған юлда тора. Уға әйт: «Абай бул, әммә борсолма, ҡурҡма! Йөрәгең был төтәп ятҡан ике торонбаш – арамиҙар батшаһы Ресин менән Ремалъяһ улының асыу утынан шөрләмәһен! Арамиҙар, Әфраим һәм Ремалъяһ улы менән бергә, һиңә ҡаршы яуыз ниәт йөрөтә. Әйтәләр: „Әйҙә, Йәһүҙәгә барайыҡ, халҡына ҡурҡыу һалайыҡ, илде ҡулыбыҙға төшөрәйек һәм Тавеил улын батша итеп ҡуяйыҡ“». Әммә Раббы Хаким былай ти: «Был эш барып сыҡмаясаҡ, ғәмәлгә ашмаясаҡ. Сөнки Дамаск – бары тик Арамдың баш ҡалаһы; Ресин да бары тик Дамасктың башлығы. Әфраим алтмыш биш йылдан тар-мар ителер, Ул халыҡ булыуҙан туҡтар. Самария – бары тик Әфраимдың баш ҡалаһы, Ремалъяһтың улы бары тик Самарияның башлығы. Әгәр ҙә ныҡлап ышанмаһағыҙ, Ҡаршы тора алмаҫһығыҙ». Раббы Ахазға тағы ла былай тине: – Аллаң Раббынан берәй билдә һора. Үлеләр донъяһы һымаҡ тәрән йәки күк йөҙө шикелле бейек булһын. Әммә Ахаз: – Һорамайым, Раббыны һынамайым, – тине. Шунан һуң Ишағыяһ: – Тыңла, эй Дауыт нәҫеле! – тине. – Кешеләрҙең сабырлығын һынауың етмәгән, инде минең Алламдың сабырлығын һынайһыңмы? Шуға күрә бөйөк Хаким Үҙе һеҙгә бер билдә бирә: бына йәш ҡатын ауырға ҡалып, бер улан табыр һәм уға Ғиммануил тигән исем ҡушыр. Бала, ямандан баш тартып, яҡшыны һайлар йәшкә еткәнсе, бал да май менән туҡланыр. Әммә сабый ямандан баш тартып, яҡшыны һайлар йәшкә еткәнсе, һине ҡурҡыуға һалған был ике батшаның ерҙәре ташландыҡ ҡалыр. Раббы һиңә, халҡыңа, атаң нәҫеленә Әфраим Йәһүҙәнән айырылғандан алып был көнгә тиклем һис күрелмәгән бәлә ебәрер, өҫтөгөҙгә Ашшур батшаһын килтерер. Ул көндө Раббы Мысыр йылғалары тамағындағы себенгә, Ашшур ерендәге бал ҡортона һыҙғырыр. Улар уйһыуҙарға һәм ҡаялар араһындағы йырындарға, ҡыуаҡлыҡтарға, көтөүлектәргә осоп килеп ҡуныр. Был көндө бөйөк Хаким Евфраттың аръяғында ялланған бәке – Ашшур батшаһы – менән һаҡалығыҙҙы, сәсегеҙҙе, тәнегеҙҙәге бөтә төктәрегеҙҙе ҡырып ташлар. Ул көндө бер тана менән ике һарыҡ аҫыраған кеше улар биргән мул һөттөң эремсеген ашар. Илдә тороп ҡалғандар барыһы ла эремсек һәм бал менән туйыныр. Ул көндө мең шекел көмөш торорлоҡ мең йөҙөм ағасы үҫкән урындар сәнскәк һәм билсән менән ҡапланыр. Кешеләр унда уҡ менән йәйә тотоп йөрөр, сөнки бөтә ерҙе сәнскеле ҡыуаҡ ҡаплап алыр. Ҡасандыр кәтмән менән йомшартылған тау биттәренә инде сыҡмаҫһың, сәнскеле ҡыуаҡлыҡтарҙан ҡурҡырһың; унда һыйырҙар йөрөр, һарыҡтар тапар. Раббы миңә былай тине: – Яҙыр өсөн бер ҙур таҡта ал да унда кеше уҡырлыҡ итеп «Маһер-Шалал-Хаш-Баз» тип яҙ. Урияһ ҡаһин менән Йәвәрәхъяһ улы Зәкәрьяһты үҙемә ышаныслы шаһит итеп һайланым. Бынан һуң пәйғәмбәр булған ҡатыным менән яҡынлыҡ ҡылдым һәм ул, ауырға ҡалып, ир бала тапты. Раббы миңә: – Уға Маһер-Шалал-Хаш-Баз тип исем ҡуш, – тине. – Сөнки сабый: «Атай, әсәй», – тип әйтеп өйрәнгәнгә тиклем үк Ашшур батшаһы Дамасктың байлығы менән Самарияла таланған табышты үҙе менән алып китәсәк. Раббы тағы ла миңә былай тине: – Был халыҡ, тын ғына аҡҡан Шилоах һыуҙарын һанға һуҡмайынса, Ресин менән Ремалъяһ улына һоҡлана икән, Мин бөйөк Хаким, Евфраттың ҡөҙрәтле ташҡын һыуҙарын – Ашшур батшаһы менән уның ҡеүәтен – Был халыҡтың өҫтөнә ебәрәм. Ошо ташҡын бөтә үҙәндәрҙе тултырып, Ярҙарынан ташып сығасаҡ, Бөтә Йәһүҙә еренә йәйелеп, Уның боғаҙына етәсәк. Ғәскәрҙәр, ҡанаттарын йәйеп, Бөтөн илеңә туласаҡ, эй Ғиммануил! Эй халыҡтар, бергә тупланығыҙ ҙа ҡырылығыҙ! Ер йөҙөндәге бар алыҫ илдәр, ҡолаҡ һалығыҙ! Һуғышҡа әҙерләнегеҙ ҙә ҡырылырһығыҙ! Эйе, яуға әҙерләнегеҙ, әммә һәләк булырһығыҙ! Ниәт ҡороғоҙ, тик ул емерелер! Хәбәр һөйләгеҙ, әммә ул бойомға ашмаҫ. Сөнки Алла беҙҙең менән! Раббы миңә, был халыҡ тотҡан юлдан бармаҫҡа иҫкәртеп, ҡөҙрәтле ҡулын өҫтөмә ҡуйған килеш былай тине: – Был халыҡтың йәшерен эш тигәнен Һеҙ йәшерен һанамағыҙ. Улар ҡурҡҡандан ҡурҡмағыҙ, тетрәнмәгеҙ. Күк ғәскәрҙәре Раббыһын – Уны мөҡәддәс һанағыҙ. Унан ғына ҡурҡығыҙ, Тик Унан дәһшәтләнегеҙ. Ул Изге торлаҡ булыр, Ләкин Исраилдың ике батшалығы өсөн Абындырыр таш, һөрөндөрөр ҡая, Йәрүсәлимдә йәшәүселәр өсөн Боғалаҡ һәм тоҙаҡ булыр. Күптәр һөрөнөп йығылыр ҙа имгәнер, Тоҙаҡҡа төшөп тотолор. Ошо һүҙҙәр яҙылған шаһитнамәне бәйләп ҡуй, өйрәткәндәремә шәкерттәрем алдында мөһөр баҫ. Яҡуп нәҫеленән йөҙөн йәшергән Раббыға ышанам мин, өмөтөм Унда. Бына мин һәм Раббы миңә биргән балалар; беҙ – Сион тауында төйәк иткән Күк ғәскәрҙәре Раббыһының Исраилдағы билдәләре һәм хикмәттәребеҙ. Әгәр һеҙгә: «Әруахтарҙың рухын саҡырыусыларға, бышылдаған һәм мығырҙаған күрәҙәселәргә мөрәжәғәт итегеҙ», – тиһәләр, «Халыҡ үҙенең аллаларынан һорарға тейеш түгелме ни? Тереләр хаҡында үлеләр менән кәңәшләшәләрме ни?» – тип әйтегеҙ. Бары ҡанун һәм шаһитнамәгә генә мөрәжәғәт итегеҙ. Әгәр ҙә уларҙың әйткәне шуларға тап килмәй икән, улар өсөн таң атмаясаҡ. Улар ас һәм сараһыҙ килеш ил буйлап йөрөр, аслыҡтан батшаларын һәм аллаларын ҡарғар. Юғарыға ҡарарҙар, күҙҙәре менән ергә бағырҙар – бөтә ерҙә ҡайғы һәм ҡараңғылыҡ, үлемесле ҡараңғылыҡ. Ҡуйы ҡараңғылыҡҡа бырғалған улар! Әммә иҙелгәндәр өсөн ҡараңғылыҡ булмаҫ. Элекке ваҡытта Зевулун менән Нафтали ерҙәрен түбәнһеткән Раббы, киләсәктә диңгеҙ юлын, Иордандың аръяғын, ят ҡәүемдәр йәшәгән Галилеяны данға күмер. Ҡараңғылыҡта йөрөгән халыҡ Бөйөк бер яҡтылыҡ күрҙе. Дөм ҡараңғы илдә йәшәүселәр өҫтөндә нур балҡыны. Йә Раббы! Был халыҡты ишәйттең, Уның ҡыуанысын арттырҙың. Ураҡ ваҡытында һөйөнгәндәй, Яумал бүлешкәндә шатланғандай, Улар Һинең хозурыңда ҡыуаналар. Сөнки Һин уларҙың муйынындағы ҡалыпты – Елкәләрен баҫып торған йөктө, Уларҙы иҙеүселәрҙең таяғын Мидйәндәрҙе еңгән көндәгеләй һындырып ташланың. Яу ҡырын тапаған бөтә итектәр, Ҡанға буялған кейемдәр яндырылыр, Ялҡынға ем булыр. Сөнки беҙҙең өсөн сабый тыуҙы – Беҙгә бер улан бирелде. Хакимлыҡ уның яурынында булыр, Уның исеме Ғәжәйеп Кәңәшсе, Ҡөҙрәтле Алла, Мәңгелек Ата, Именлек Хакимы тип аталыр. Тоғролоғо менән именлеге туҡтауһыҙ артыр, Ул Дауыт тәхетендә, уның батшалығында хөкөм һөрөр. Хакимлығын ғәҙеллек менән хаҡлыҡҡа ҡорор һәм нығытыр. Был бөгөндән алып мәңге дауам итер. Күк ғәскәрҙәре Раббыһы быны Үҙ ғәйрәте менән эшләйәсәк. Яҡупҡа хәбәр ебәрҙе бөйөк Хаким, Был һүҙ Исраилдың өҫтөнә төштө. Бөтә халыҡ – Әфраимда, Самарияла йәшәүселәр – Был хаҡта хәбәрҙар булды. Улар эреләнеп һәм тәкәбберләнеп әйтте: «Кирбес йорттар йығылған икән, Шымартылған таштан һалырбыҙ; Ҡырағай инжир ағастары ҡырҡылған икән, Кедрға алмаштырырбыҙ». Шуға Раббы Ресиндың дошмандарын күтәрҙе, Уға ҡаршыларҙы ҡотортто. Көнсығыштан арамиҙарҙы, Көнбайыштан пелештиҙәрҙе аяҡҡа баҫтырҙы. Улар, ауыҙҙарын киреп, Исраилды һоғондо. Быларҙан һуң да Раббының асыуы баҫылмаҫ, Ҡулы күтәрелгән килеш ҡалыр. Әммә халыҡ үҙен туҡмаған Раббыға боролманы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһын эҙләмәне. Шуға күрә Раббы Исраилдың Башын да, ҡойроғон да, Хөрмә ботағын да, ҡамышын да Бер көндө ҡырҡып ырғытыр. Баш тигәне – аҡһаҡал менән ил ағалары, Ҡойроғо – ялғанға өйрәткән пәйғәмбәрҙәр. Сөнки әйҙәүселәре был халыҡты аҙаштырыр, Улар артынан эйәреүселәр оятҡа ҡалыр. Шуға күрә бөйөк Хаким Уларҙың егеттәре өсөн ҡыуаныс тоймаҫ, Етемдәрен, тол ҡатындарын ҡыҙғанмаҫ. Сөнки һәммәһе аллаһыҙ, яуыз, Ауыҙҙары нахаҡ һөйләй. Шул арҡала Раббының асыуы ҡайтмаҫ, Ҡулы күтәрелгән килеш ҡалыр. Сөнки залимлыҡ ут һымаҡ Сәнскәкте, билсәнде ялмап алыр, Ҡара урмандарҙа ялҡынланыр, Төтөн бағанаһы күтәрелер. Күк ғәскәрҙәре Раббыһының асыуы Илде ялҡын һымаҡ өтөп алыр, Халыҡ ялҡынға ем булыр, Туған туғанын йәлләмәҫ. Уңын киҫерҙәр ҙә ас ҡалырҙар, Һулын ашарҙар – туймаҫтар; Һәр кем үҙ яҡынын ашар. Менашше Әфраимды, Әфраим Менашшены ейер, Шунан бергә Йәһүҙәнең өҫтөнә ташланырҙар. Шунда ла Раббының асыуы ҡайтмаҫ, Ҡулы күтәрелгән килеш ҡалыр. Яза көнөндә Алыҫтан өҫтөгөҙгә ҡаза килгәндә ни эшләрһегеҙ? Ярҙам һорап кемгә барырһығыҙ? Байлығығыҙҙы ҡайҙа йәшерерһегеҙ? Әсирҙәрҙең араһында теҙләнеүҙән, Үлтерелгәндәр араһына йығылыуҙан Башҡа бер сарағыҙ ҡалмаҫ. Бының менән генә лә ҡайтмаҫ Раббының асыуы, Ҡулы һаман күтәрелгән килеш ҡалыр. «Ҡайғы Ашшурға – асыуымдың күҫәгенә! Ярһыуымдың таяғы – уның ҡулында! Ашшурҙы аллаһыҙ ҡәүемгә ҡаршы ебәрәм, Асыуымды ҡабартҡан халыҡҡа һөжүм итергә, Таларға һәм яумал итеп алырға, Урам балсығы һымаҡ тапарға әмер бирәм. Тик Ашшурҙың уйында был түгел, Ул был хаҡта ниәт тотмай; Уның теләге – емереү, Күп халыҡтарҙы юҡ итеү. „Минең ғәскәр башлыҡтарым, – ти ул, – Һәммәһе лә батша һымаҡ түгелме ни? Калне Каркемиш кеүек түгелме? Хамаҫты Арпадтай тар-мар итмәнекме? Самарияның ахыры Дамасктыҡына оҡшамағанмы? Боттары Йәрүсәлим менән Самарияныҡынан да күп булған Һындарға табынған батшалыҡтарҙы ҡулға төшөргән мин Самария менән боттарына ни эшләһәм, Шуны Йәрүсәлимгә һәм уның һындарына ҡыла алмаммы?“» Бөйөк Хаким Сион тауында һәм Йәрүсәлимдә эшен тамамлағандан һуң, былай тиер: «Ашшур батшаһын тәкәббер йөрәге, Текә ҡарашы өсөн язалаясаҡмын. Сөнки ул: „Быны мин ҡулымдың көсө, Зирәк аҡылым менән эшләнем, Сөнки мин аҡыллымын: Халыҡтарҙы айырған сиктәрҙе юҡ иттем, Хазиналарын талап алдым, Батшаларҙы үгеҙ кеүек тәхеттән һөҙөп төшөрҙөм. Халыҡтарҙың байлығын мин Ояны туҙҙырғандай туҙҙырҙым, Ташлап ҡалдырылған йомортҡа һымаҡ итеп, Бөтөн донъяны үҙемә йыйҙым. Ҡанатын ҡалҡытып, томшоғон асҡан, Пысҡылдаған һис кем табылманы!“» Балта оҫтаһы алдында балта маһайырмы? Бысҡы уны тартыусы ҡаршыһында эреләнерме? Ҡулындағы таяғы кешенең үҙен күтәреп ырғытырмы? Күҫәк үҙен күтәргән кешене күтәрерме? Шуға күрә бөйөк Хакимыбыҙ, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Ашшурҙың көслө ғәскәрҙәренә Аҙаплы сир ебәрәсәк. Уның шөһрәте аҫтына гөлтләп янған ут һаласаҡ. Исраилдың Нуры – ут, Исраилдың Изгеһе ялҡын булыр. Ашшурҙың сәнскәк-билсәндәрен Бер көн эсендә яндырып юҡ итер. Данлыҡлы урмандары, Уңдырышлы ҡырҙары, Үлемесле сиргә тарыған әҙәмдәй, Тотошлай харап булыр. Урмандарында тороп ҡалған ағастар Хатта бала һанап сығырҙай аҙ булыр. Ул көн Исраилдың иҫән ҡалғандары, Яҡуп нәҫеленең ҡасып тере ҡалғандары Үҙҙәренә һөжүм иткәндәргә түгел, Ысын күңелдән Раббыға, Исраилдың Изгеһенә, таянырҙар. Һау ҡалғандар, Яҡуп нәҫеленең иҫән ҡалғандары Ҡөҙрәтле Аллаға кире ҡайтыр. Эй Исраил, халҡың диңгеҙ ҡомо кеүек күп булһа ла, Уның бик аҙ өлөшө генә кире ҡайтыр. Һәләкәтең инде алдан билдәләнеп ҡуйылған, Һәм был ғәҙел хөкөм ташҡын булып килә. Шулай бөйөк Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Был алдан билдәләнгән һәләкәтте Бөтә ер йөҙөндә ғәмәлгә ашырасаҡ. Бына бөйөк Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Эй һин, Сионда йәшәгән халҡым! Ашшурҙар, мысырҙар һымаҡ, Һине таяҡ менән туҡмап, Өҫтөңдә күҫәк күтәргән саҡта ҡурҡма. Оҙаҡламай, бик тиҙҙән һеҙгә булған асыуым үтер, Ярһыуым Ашшурҙы юҡ итеүгә йүнәлер. Шунда Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Мидйәндәрҙе Ғорев ҡаяһы янында тар-мар иткәндәге һымаҡ, Ашшурға ҡаршы ҡамсы күтәрер. Ҡасандыр Мысырҙағылай, Таяғын диңгеҙ өҫтөнә һуҙыр. Ул көн Ашшурҙың йөгө яурынығыҙҙан, Ҡалыбы муйынығыҙҙан төшөр. Һимергәнегеҙгә күрә ул ҡалып һынып сығыр». Ғайаҫ ҡалаһына еттеләр, Мигронды уҙҙылар, Михмаста йөктәрен бушаттылар; Тарлауыҡты үттеләр, «Гевағта ҡунайыҡ», – тинеләр. Рама ҡалаһы ҡурҡыуҙан ҡалтыраны, Шаул Гивғаһында йәшәгәндәр ҡасып китте. Галлим ҡыҙы, үкереп ила! Лайша халҡы, уны тыңла! Яуап ҡайтар уға, Ғанаҫоҫ! Мадменаның халҡы ҡасты, Гевимда йәшәүселәр йәшенә. Баҫҡынсылар бөгөн үк Нов ҡалаһында торасаҡ, Сион тауына, Йәрүсәлим ҡалҡыулығына йоҙроғон янаясаҡ. Бына бөйөк Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Дошманды дәһшәтле көсө менән Ағас ботағылай һындырасаҡ. Иң оҙон ағастар ҡырҡыласаҡ, Бейектәре йығып һалынасаҡ. Ул балта менән урман шырлығын ҡыра, Ливан Ҡөҙрәт Эйәһе алдына ҡолаясаҡ. Ағас төпһәһенән яңы үрсем сыҡҡан һымаҡ, Ишай нәҫеленән бер үҫенте сығыр, Был тамырҙан сыҡҡан үҫенте емеш бирер. Унда Раббының Рухы – Аҡыл һәм зирәклек рухы, Өгөт-нәсихәт һәм ҡөҙрәт рухы, Раббыны белеү һәм Унан ҡурҡыу рухы булыр. Ул Раббынан ҡурҡыуынан зауыҡланыр, Күҙҙәре күргәнгә генә ҡарап хөкөм итмәҫ, Ишеткәндән сығып ҡына ҡарар ҡылмаҫ. Ярлыларҙы ғәҙеллектә хөкөм итер, Ерҙәге мохтаждарҙың дәғүәһен хаҡлыҡ менән ҡарар. Донъяны һүҙе-таяғы менән язалар, Залимдарҙы ауыҙының һулышы менән үлтерер. Дөрөҫлөк уның билендә билбау булыр, Тоғролоҡ булыр билендәге ҡайышы. Ул саҡта бүре менән бәрәс бер ерҙә йәшәр, Ҡаплан менән кәзә бәрәсе бергә ятыр, Быҙау менән йәш арыҫлан бергә ашар, Уларҙы бәләкәй генә бала көтөр. Һыйыр менән айыу бергә утлап йөрөр, Уларҙың балалары йәнәшә ятыр; Арыҫлан да үгеҙ һымаҡ һалам ашар. Сабый бала йылан ояһы янында уйнар, Бәпес ҡара йыландың өңөнә ҡулын һуҙыр. Изге тауымдың һәр тарафында Һис кем яуызлыҡ һәм зыян ҡылмаҫ. Эйе, һыуҙар диңгеҙҙе тултырған һымаҡ, Ер йөҙө Раббыны танып-белеү менән тулыр. Ул көн Ишай тамырынан үҫеп сыҡҡан һабаҡ Халыҡтар өсөн байраҡ буласаҡ. Ҡәүемдәр уны эҙләп киләсәк, Уның торлағы данлы буласаҡ. Ул көн бөйөк Хаким ҡабат ҡулын һуҙыр, Үҙ халҡынан иҫән ҡалғандарҙы Ашшурҙан, Мысырҙан, Паҫростан, Куштан, Ғеламдан, Шинғарҙан, Хамаҫтан, Диңгеҙ буйындағы ерҙәрҙән кире ҡайтарыр. Ҡәүемдәр өсөн байраҡ күтәрер, Исраилдан һөрөлгәндәрҙе бергә туплар, Ҡыуып таратылған Йәһүҙә кешеләрен Донъяның дүрт тарафынан йыйып алыр. Әфраимдың көнсөллөгө юҡҡа сығыр, Йәһүҙәнең дошманлығы эҙһеҙ бөтөр. Әфраим башҡаса Йәһүҙәнән көнләшмәҫ; Йәһүҙә Әфраимды ҡыйырһытмаҫ. Бергәләп осоп ҡунырҙар Пелештиҙәр яурынына көнбайышта, Көнсығыштағы халыҡтарҙы таларҙар, Эдом менән Моав ерҙәренә ҡул һалырҙар, Ғаммонды буйһондорорҙар. Раббы Мысыр диңгеҙенең ҡултығын ҡоротор, Евфрат йылғаһы өҫтөндә ҡулын һелтәр ҙә Көслө еле менән уны ете шишмәгә бүлер; Кеше уны ҡата менән кисеп йөрөр. Исраилдар Мысырҙан сыҡҡан саҡтағы һымаҡ, Раббының Ашшурҙа иҫән ҡалған халҡы өсөн Сығырға оло бер юл асылыр. Эй Исраил, ул көндө әйтерһең: «Шөкөрана ҡылам Һиңә, Раббы! Һин миңә асыулы инең, Инде асыуың баҫылды, Миңә Һин йыуаныс бирәһең. Алла – Ҡотҡарыусым минең, Уға өмөт бағлайым һәм ҡурҡмайым; Сөнки Раббы Аллабыҙ – ҡеүәтем, йырым, Ул минең ҡотҡарыусым!» Ҡыуанышып, ҡотолоу шишмәләренән һыу алырһығыҙ. Ул көндө һеҙ әйтерһегеҙ: «Раббыға шөкөр итегеҙ, Уны исеме менән саҡырығыҙ. Халыҡтарға Уның ғәмәлдәрен белдерегеҙ, Исеменең бөйөклөгөн һөйләгеҙ! Раббыға мәҙхиә йырлағыҙ, Сөнки күркәм эштәр ҡылды. Был бөтә ер йөҙөндә билдәле булһын. Эй Сион халҡы, күңел ас, шатлыҡ ауазы яңғырап торһон – Исраилдың Изгеһе һеҙҙең арала, Ул бөйөк!» Амус улы Ишағыяһтың Бабилдың киләсәге хаҡында күргән әүлиәлеге. «Яланғас тауҙың башында әләм күтәрегеҙ! Һөрәнләгеҙ яугирҙәргә, Ҡул болғағыҙ: әйҙә улар Затлылар йөрөй торған ҡапҡанан эскә инһен. Үҙем һайлап алғандарға әмер бирҙем, Асыуымды ғәмәлгә ашырһындар өсөн Батыр яугирҙәрҙе, Бөйөклөгөмә ғорурланғандарҙы саҡырып алдым». Тауҙарҙағы шау-шыуҙы тыңлағыҙ, Ул күмәк халыҡтың тауышына оҡшаш. Бер ергә йыйылған ҡәүемдәрҙең, Батшалыҡтарҙың геүләүен ишетегеҙ! Күк ғәскәрҙәре Раббыһы һуғышҡа сиреү әҙерләй. Улар алыҫ илдән, күк көмбәҙенең ситенән килә: Раббы һәм Уның асыуының ҡоралы Бөтә ер йөҙөн тар-мар итәсәк. Һыҡтағыҙ! Сөнки Раббының көнө яҡын! Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе ебәргән Һәләкәт булып килә ул көн! Шуға күрә һәммәһенең ҡулдары һәленеп төшөр, Һәр кешенең ҡурҡыуҙан йөрәге ирер. Барыһын да дәһшәт сорнап алыр, Тартышыуҙан, һыҙланыуҙан бөгөлөп, Тулғаҡ тотҡан ҡатындай ғазапланырҙар. Ҡурҡышып, бер-береһенә ҡарарҙар, Биттәре уттай янып ҡыҙарыр. Бына Раббының көнө яҡынлай – аяуһыҙ көн! Ул көн дәһшәт, асыу-нәфрәт алып килә. Ерҙе бушлыҡҡа әйләндерергә, Уның гонаһлыларын һәләк ҡылырға килә. Күктәге йондоҙҙар, йондоҙлоҡтар нурын һипмәҫ, Тыуыу менән ҡараңғыға сумыр ҡояш, Ай ҙа нурланып балҡымаҫ. Әйтер Раббы: «Донъяны – яуызлығына күрә, Ямандарҙы ғәйептәре өсөн язалайым. Тәкәбберҙәрҙең ғорурлығына сик ҡуям, Аяуһыҙҙарҙың эрелеген түбәнһетәм. Мин кешеләрҙе саф алтындан аҫылыраҡ, Офир алтынынан да аҙыраҡ итәм. Шуға күрә күктәрҙе дер һелкетермен, Күк ғәскәрҙәре Раббыһының асыуы дөрләгән көндө, Уның ярһыуынан ер урынынан ҡуҙғалыр! Шул сағында һәр кем аусы эҙәрләгән ғәзәл, Көтөүсеһеҙ ҡалған һарыҡ һымаҡ, Үҙ халҡы янына йүгерер, Үҙенең еренә ҡасыр. Ҡасып китә алмағанына һөңгө ҡаҙалыр, Тотолғандар ҡылыстан йығылыр. Күҙ алдында сабыйҙарын киҫәктәргә тураҡларҙар, Йорттарын таларҙар, Ҡатындарын мәсхәрә итерҙәр. Бына Мин мадайҙарҙы уларға ҡаршы ҡуям, Уларҙың көмөшкә иҫе китмәй, Алтынды эшкә лә һанамайҙар. Уҡтары егеттәрҙе тишә атыр, Улар сабыйҙарҙы аяп тормаҫ. Күҙҙәре балаларға ҡыҙғанып баҡмаҫ». Батшалыҡтар араһында иң гүзәле, Халдейҙар даны һәм ғорурлығы Бабил Алла юҡ иткән Содом һәм Ғамора һымаҡ булыр. Унда башҡаса һис кем йәшәмәҫ, Мәңгегә берәү ҙә төйәкләнмәҫ. Ғәрәптәр үҙҙәренең сатырын ҡормаҫ, Көтөүселәр малдарын ялға туҡтатмаҫ. Унда бары ҡырағай хайуандар ятыр, Өйҙәргә өкөләр тулыр, Дөйәғоштар оя ҡорор, Тәкәләр уйнаҡлап йөрөр. Уның ҡәлғәләрендә – һыртландар, Затлы һарайҙарында сүл бүреләре олор. Бабилдың ахыры яҡын инде, Көндәре һанаулы ғына ҡалды. Раббы, Яҡуп нәҫеленә шәфҡәт ҡылып, Исраил халҡын ҡабат Үҙенә һайлап алыр – Уны үҙ иленә ҡайтарыр. Килмешәктәр ҙә Яҡуп нәҫеленә ҡушылыр, Улар менән йәнәшә көн күрә башлар. Сит халыҡтар Исраил халҡын үҙ төйәгенә ҡайтарыр. Раббы ерендә исраилдар был халыҡтарҙы ҡол итер. Үҙҙәрен әсир иткәндәрҙе әсир итерҙәр, Элек үҙҙәрен иҙгәндәргә хаким булырҙар. Раббы һеҙҙе ҡайғы-ғазаптарҙан, ҡурҡыуҙан, ауыр эштән ҡотҡарған көндө, Бабил батшаһын мыҫҡыллап, ошо һүҙҙәрҙе әйтерһең: «Бына иҙеүсе нисек дөмөктө, Залимлыҡтың ахыры етте! Раббы яуыздарҙың күҫәген, Хакимдарҙың таяғын һындырҙы! Ҡотороноп, ул таяҡ халыҡтарҙы туҡтауһыҙ туҡмай, Ярһып, ҡәүемдәрҙе аяу белмәй иҙә, Рәхимһеҙ эҙәрләй ине. Хәҙер иһә бөтә донъя кинәнеп ял итә, Шатланып йырлай. Хатта кипаристар ҡыуана һәләкәтеңә, Ливан кедрҙары ла шатлана: „Инде һин соҡорҙа ятаһың, Беҙҙе бер кем дә ҡырҡырға килмәҫ“, – тиҙәр. Ер аҫтындағы үлеләр донъяһы: „Хуш киләһең“, – тип, Һине ҡаршыларға ашҡына, эй Бабил батшаһы! Ер йөҙөндә хаким булғандарҙың әруахтарын уятты, Ҡәүемдәргә идара иткән батшаларҙың рухтарын, Тәхеттәренән ҡалҡытып, аяҡҡа баҫтырҙы. Һәммәһе һиңә өндәшеп, әйтер: „Һин дә беҙҙең кеүек көсһөҙ хәҙер, Хас та беҙгә оҡшап ҡалдың!“ Шөһрәтең лира ауаздары менән бергә Үлеләр донъяһына төштө. Селәүсендәр – аҫтыңдағы түшәк, Өҫтөңдәге япмаң – ер ҡорттары хәҙер. Эй һин, балҡыу йондоҙ, таң улы, Нисек күктән ҡолап төштөң? Эй һин, ҡәүемдәрҙе еңеүсе, Ергә төшөп, селпәрәмә килдең. Эсеңдән әйткән инең: „Күккә ашырмын, Тәхетемде Алланың йондоҙҙарынан да юғарыраҡ ҡуйырмын, Алыҫ төньяҡта, илаһтар йыйылған тауҙа ултырырмын, Болоттарҙан да өҫкәрәк менермен, Юғарыларҙан Юғарыға тиң булырмын“. Әммә һин үлеләр донъяһына, Упҡындың тәрәнлегенә ырғытылдың. Ҡәүемдәрҙең батшалары, барыһы ла, Ҡәҙер-хөрмәттә ерләнеп, Һәр береһе үҙ кәшәнәһендә ята. Ә һин, ҡырҡып ташланған ботаҡтай, Ҡәбереңдән тышҡа ырғытылдың. Таш соҡорға бырғалған мәйеттәр, Ҡылыстан тураҡланған мәйеттәр, Һинең кәфенең булырҙар. Мәйетең аяҡ аҫтына һалып тапалыр. Илеңде харап итеп, халҡыңды ҡырған өсөн Башҡа батшалар һымаҡ ерләнмәйәсәкһең. Яуыздар тоҡомо башҡа мәңге иҫкә алынмаһын. Аталарының енәйәтенә күрә Уның улдарын салырға урын әҙерләгеҙ. Улар ҡалҡып, донъяға хужа булмаһын, Ер йөҙөн ҡалалары менән тултырмаһын». «Бабил батшаһына ҡаршы ҡалҡасаҡмын». Күк ғәскәрҙәре Раббыһы шулай тип белдерә. «Бабилдың исемен, иҫән ҡалған халҡын, Нәҫел-нәсәбен юҡ итәсәкмен, – ти Раббы. – Ул урынды терпеләр төйәгенә, һаҙлыҡҡа әйләндерәм, Ҡырғын һеперткеһе менән һепереп түгәм». Күк ғәскәрҙәре Раббыһы шулай тип белдерә. Ант итеп әйтә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы: «Мин нисек ниәтләгәнмен, һис шикһеҙ шулай буласаҡ, Ҡайһылай ҡарар ҡылғанмын, мотлаҡ ғәмәлгә ашасаҡ. Ашшурҙарҙы Үҙ еремдә тар-мар итәм, Тауҙарымда уларҙы тапап бөтөрәм. Халҡым Ашшур ҡамытынан, Яурындарындағы йөктән ҡотоласаҡ. Бар донъяға ҡарата ҡорған ниәтем, Ҡәүемдәргә ҡаршы күтәрелгән ҡулым – ошо». Күк ғәскәрҙәре Раббыһының ҡарарын кем боҙа алыр? Һуҙған ҡулын кем туҡтатып ҡалыр? Ахаз батша үлгән йылды шундай әүлиәлек булды: «Эй Пелешеҫ иле, һине туҡмаған таяҡ һынды тип ҡыуанма, Сөнки йылан тамырынан ҡара йылан сығыр. Уның тоҡомо оса торған ағыулы йылан булыр. Ул сағында ярлының иң ярлыһы ла ашап туйыр, Хәйерселәр рәхәтләнеп йәшәр. Әммә һеҙҙең зат-зәүерҙе аслыҡтан ҡоротасаҡмын, Иҫән ҡалғандарығыҙ ҙа үлтерелер. Эй ҡапҡалар, үкһеп-үкһеп илағыҙ! Эй ҡала, буҫлығып-буҫлығып иңрә! Эй Пелешеҫ иле, ҡурҡыштан ҡалтырап тор. Сөнки төньяҡтан төтөн болото ағыла, Дошман ғәскәрҙәре сафтарын боҙмай атлай». Ул ҡәүемдең илселәренә ниндәй яуап бирелер? «Раббы Сиондың нигеҙен нығытты, Халҡының фәҡирҙәре шунда һыйыныр». Моав тураһында әүлиәлек. Моавтың Ғар ҡалаһы бер төндә тар-мар ителде, юҡ булды; Моавтың Ҡир ҡалаһы бер төндә тар-мар ителде, юҡ булды. Шуға күрә Дивон илар өсөн табыныу йортона, Табыныу ҡалҡыулыҡтарына сыҡты. Моав халҡы Нево һәм Медева өсөн үкһей. Һәр береһенең сәсе алынған, Һәммәһенең һаҡалы ҡырылған. Ҡыл туҡымаға уранып урамдарҙа, Өй баштарында һәм майҙандарҙа һәр кем һыҡтай, Күҙ йәштәре йылға һымаҡ аға. Иңрәй Хешбон һәм Әлғәле, Үкһеүҙәре Яһасҡаса ишетелә. Шуға ла Моав яугирҙәре илаша, Күңелдәрен ҡурҡыу солғап алған. Йөрәгем һыҙлана Моав өсөн! Моав кешеләре Соғарға, Ғәғләҫ-Шелишияһҡа ҡастылар. Илай-илай Лухиҫҡа ҡалҡалар, Үҙҙәренә ябырылған һәләкәттән Хоронаим юлында сеңләйҙәр. Сөнки Нимрим һыуҙары ҡороған, Кипкән болон, көйгән үлән, Һис бер йәшеллек ҡалмаған. Шуға күрә халыҡ ҡалдыҡ-боҫтоҡ әйберҙәрен Талдар үҙәненең аръяғына ташый. Һыҡтауҙары бөтә Моав илендә яңғырай; Илаған тауыштар Әглаимға, Беер-Әлимгә олғашты. «Бына Димон һыуы ҡанға тулды, Әммә әле Мин Димонға яңы ҡаза әҙерләнем, – ти Раббы. – Моавтан ҡасып китеп ҡотолған, Илдә иҫән ҡалғандар өҫтөнә Арыҫлан һөстөрәсәкмен!» Селанан сүл юлы менән Сион тауына, Илдең хакимына бүләккә бәрәстәр ебәрегеҙ. Арнон йылғаһы кисеүҙәрендә Моав ҡыҙҙары ояһынан алып ырғытылған, Асырғанып осҡан ҡошҡа оҡшаш. «Беҙгә кәңәш бир, бер ҡарар ҡыл. Төшкөһөн дә төнгө кеүек күләгәң менән ҡапла. Ҡыуылғандарҙы йәшер, ҡасаҡтарҙы һата күрмә. Иленән ҡыуылған Моав халҡы йәшәп торһон һиндә; Ҡырғын килтереүсенән уға ышыҡ бул». Иҙеүсе юҡ ителгәс, емереү-талауҙар туҡтағас, Йәберләүселәр был ерҙән ғәйеп булғас, Мөхәббәткә нигеҙләнгән тәхет Дауыт сатырында урынлашыр. Унда ғәҙеллек эҙләгән, дөрөҫлөккә ынтылған, Арымай-талмай хаҡ хөкөм ҡылған хаким ултырыр. «Моавтарҙың ғорурланып шашҡандарын, Мин-минлеген, тәкәбберләнгәндәрен ишеттек. Әммә улар бушҡа маҡтаналар. Бына шуның өсөн Моав үҙен йәлләп, үкереп илай, Барыһы йәш түгә. Ҡир-Харәсәҫтең йөҙөм ҡағын һағынып Моңайыр һәм хәсрәтләнер. Сөнки Хешбон баҫыуҙары, Сивманың йөҙөм баҡсалары һәләк булды. Башҡа ҡәүемдәрҙең башлыҡтары Иң һайланма ботаҡтарҙы ҡырҡты. Ул ботаҡтар Яғзергәсә йәйелә, Сүлгә тарала, тарбаҡланып диңгеҙ аша үтә ине». Шуға Сивма йөҙөмдәре өсөн Мин Яғзер менән бергә илайым. Һеҙҙе күҙ йәштәремә сылатам, Эй Хешбон менән Әлғәле ҡалалары! Сөнки һеҙҙең емеш йыйғандағы, иген урғандағы Шатлыҡлы ауаздарығыҙ туҡтаны. Уңдырышлы баҫыуҙарҙан уйын-көлкө юҡҡа сыҡты. Йөҙөм баҡсаларында һис кем йырламай, Шатлыҡ тауыштары яңғырамай; Йөҙөм һыҡҡыстарҙа һис кем емеш иҙмәй, Ҡыуаныслы ауаздар туҡталды. Шуға ла йөрәгем Моав өсөн арфа һымаҡ иңрәй, Ҡир-Харәсәҫ өсөн йәнем әрней. Моав халҡы табыныу ҡалҡыулыҡтарына килеп Арығансы ялбарһа ла, Доға ҡылыр өсөн изге урындарына барһа ла – Тик бушҡа ғына буласаҡ. Раббының Моав хаҡында элек белдергәндәре ошо. Әле иһә Раббы былай ти: – Теп-теүәл өс йылдан Моавтың дан-шөһрәте хурлыҡҡа әйләнәсәк. Ни тиклем күп һанлы булмаһындар, бик аҙҙары ғына ҡотолоп ҡалыр һәм улар көсһөҙ булыр. Дамаск хаҡында әүлиәлек. «Бына, Дамаск ҡалалар иҫәбенән юйыласаҡ, Харабалар өйөмөнә әйләнәсәк. Ғароғер ҡалалары ташландыҡ ҡалыр. Унда көтөү-көтөү малдар ятыр, Уларҙы өркөтөр кеше булмаҫ. Әфраимда нығытмалы ҡала ҡалмаясаҡ. Дамасктың батшалығы юҡ буласаҡ. Арамдың иҫән ҡалған халҡы Исраилдарҙың даны һымаҡ бөтәсәк». Күк ғәскәрҙәре Раббыһы шулай ти. «Ул көндө Яҡуп нәҫеленең даны һүрелер, Һимеҙ тәне тире лә һөйәккә тороп ҡалыр. Игенсе баҫыуҙы нисек урһа, Башаҡтарын ҡулы менән нисек йыйһа, Шулай Рефалар үҙәнендәураҡтан һуң башаҡтарҙынисек сүпләһә, Зәйтүн ағасын һелкеткәндән һуң Иң башында ике-өс бөртөк ҡалған һымаҡ, Суҡ ботаҡта дүрт-биш емеш ҡалған һымаҡ Бик аҙ кеше иҫән ҡалыр». Исраилдың Аллаһы Раббы шулай тип белдерә. Кеше ул көндө ҡарашын үҙен Яратыусыға йүнәлтер, күҙҙәрен Исраилдың Изгеһенә төбәр. Үҙ ҡулдары менән яһаған ҡорбан усаҡтарына, Ашераның ҡолғаларына, хуш еҫ төтәткән ҡорбан усаҡтарына әйләнеп тә ҡарамаясаҡ. Ул көн Исраилдың нығытылған ҡалалары, урман һәм тау баштары кеүек, буп-буш ҡалыр. Сөнки, эй Исраил, ҡотҡарыусы Аллаңды оноттоң. Һыйынысың булған Ҡаяңды иҫкә алманың. Шуға күрә күркәм үҫемлектәр ултыртһаң да, Ят үҫентеләр тамырландырһаң да, Улар ултыртҡан көндө үк үҫеп сыҡһа ла, Иртәгәһенә сәскә атһа ла, Уңалмаҫ йәрәхәттәр алған хәсрәт көнөңдә Уңышың юҡҡа сығасаҡ. Аһ, күмәк халыҡ шаулаша, Ҡоторған диңгеҙҙең олоуына оҡшаш! Ҡәүемдәр ташҡын һыу һымаҡ шаулай, Ҡәүемдәр ташҡын һыу ише үкерә! Әммә Алла ажарланһа, улар әллә ҡайҙа ҡасып китер. Тауҙар буйлап ел ҡыуған ашлыҡ кәбәге, Ҡойон өйөрөлткән саң шикелле булырҙар. Кистән был халыҡтар дәһшәт таратһа, Таң атыуға юҡ булырҙар. Беҙҙе талаусыларҙың яҙмышы, Беҙҙе иҙгәндәрҙең өлөшө шулай. Куш йылғаларының аръяғына, Бөжәк ҡанаттарының шауы яңғыраған илгә – ҡайғы! Диңгеҙ юлы менән, ҡамыш кәмәләрҙә, Был ил илселәр ебәрер. Барығыҙ, етеҙ илселәр, Йылғалар бүлгесләгән ул илгә, Оҙон буйлы, шыма тәнле ҡәүемгә, Һәр тарафҡа ҡурҡыу һалған, Сәйер телдә һөйләшкән халыҡҡа, Көслө һәм баҫҡынсыл милләткә барығыҙ! Эй һеҙ, донъяны төйәк иткәндәр, Ер йөҙөндә йәшәгәндәр! Тауҙа әләм күтәрелгәс – күрерһегеҙ! Борғо ҡысҡыртҡас – ишетерһегеҙ! Сөнки Раббы миңә былай тине: «Ҡояш нурынан яралған эҫе, Ураҡ мәлендәге ысыҡ болотолай, Торлағымдан тыныс ҡына ҡарап торасаҡмын». Йөҙөм сәскәләрен ҡойоп, емештәре тумалғас, Уңыш өлгөргәнде көтмәйенсә, Раббы баҡсасы бысағы менән үҫентеләрҙе ҡырҡасаҡ, Үҫентеләр киҫеп алынасаҡ. Барыһы ла тауҙарҙа йыртҡыс ҡоштарға, Ҡырағай йәнлектәргә ҡаласаҡ. Йәйгеһен йыртҡыс ҡоштарға, Ҡыш ҡырағай йәнлектәргә ем буласаҡ. Шул саҡ йылғалар бүлгесләгән ил, Оҙон буйлы, шыма тәнле ҡәүем; Тирә-яҡҡа ҡурҡыу һалған, Сәйер бер телдә һөйләшкән халыҡ; Көслө һәм баҫҡынсыл милләт Күк ғәскәрҙәре Раббыһына бүләк килтерер. Күк ғәскәрҙәре Раббыһының исеме төйәкләнгән урынға – Сион тауына килтерер уны. Мысыр тураһында әүлиәлек. Бына Раббы, еңел болотҡа ултырып, Мысырға килер. Мысыр боттары Уның алдында ҡалтырап торор. Ҡурҡыштан мысырҙарҙың йөрәктәре иреп төшөр. «Мысыр халҡын бер-береһенә ҡаршы ҡотортам. Туған – туғанына, дуҫ – дуҫына, Ҡала ҡалаға ҡаршы сығасаҡ, Батшалыҡ батшалыҡҡа һөжүм итәсәк. Мысырҙарҙың рухы һыныр, Ниәттәрен бушҡа сығарырмын. Улар боттарға, үлгәндәрҙең рухына, Әруахтарҙы саҡырыусыларға, Күрәҙәселәргә кәңәш һорап барыр. Мысырҙарҙы аяуһыҙ хаким ҡулына тапшырырмын. Улар менән ҡаты бәғерле батша идара итер». Бөйөк Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы шулай ти. Нил йылғаһының һыуҙары кәмер, Ул һайығып, ҡороп ҡалыр, Уның канауҙары һаҫыр, Ҡушылдыҡтары һайығып кибер. Ҡамыш менән күрән шиңер. Нил тамағындағы үҫемлектәр, Нил буйындағы баҫыуҙар ҡорор, Елгә осоп, юҡҡа сығыр. Балыҡсылар ҡайғыға ҡалыр, Һыуға ҡармаҡ ташлаусылар һыҡтап илар, Йылғаға ау һалыусылар төшөнкөлөккә бирелер. Етен тылҡыусылар өмөтһөҙлөккә төшөр, Туҡыусылар ағарынып ҡатыр. Етен иләүселәр хәсрәткә батыр, Ялланып эшләүселәрҙең рухы һыныр. Соған ҡалаһының башлыҡтары ниндәй ахмаҡ! Фирғәүендең аҡыллы кәңәшселәре тиле кәңәштәр бирә. Улар нисек фирғәүенгә: «Беҙ – аҡыл эйәләре тоҡомо, Боронғо батшалар нәҫеленән», – тип әйтергә баҙнат итә? Эй фирғәүен, ҡайҙа һинең аҡыл эйәләрең? Хәҙер инде улар һиңә әйтһен, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Мысырға ниндәй яҙмыш әҙерләгәнен белдерһен. Соған башлыҡтары ахмаҡ булды; Ноф түрәләре үҙҙәрен үҙҙәре алдай; Мысыр ҡәбиләләренең башлыҡтары Мысырҙы юлдан яҙҙырҙы. Раббы уларҙың зиһенен томаланы. Улар Мысырҙы юлынан яҙҙырҙы – Мысыр, иҫерек һымаҡ сайҡалып, Үҙ ҡоҫҡолоғонда тапана. Һәм Мысырға бер нәмә лә ярҙам итә алмаҫ: Баш та, ҡойроҡ та, хөрмә ботағы менән ҡамыш та. Ул көн Мысыр халҡы ҡатын-ҡыҙҙар кеүек ҡурҡаҡ буласаҡ. Күк ғәскәрҙәре Раббыһының үҙҙәренә ҡаршы күтәргән ҡулынан ҡурҡып, ҡалтырап торасаҡтар. Йәһүҙә ере Мысырҙы дәһшәткә төшөрәсәк. Уны иҫкә төшөргән һайын, улар Күк ғәскәрҙәре Раббыһы уларға билдәләгән яҙмыштан дер ҡалтырап торасаҡ. Ул көндө Мысырҙа Ҡәнғән телендә һөйләшкән һәм Күк ғәскәрҙәре Раббыһы исеме менән ант иткән биш ҡала буласаҡ. Уларҙың береһе Ҡояш ҡалаһы тип аталасаҡ. Ул көндө Мысыр уртаһында Раббы өсөн ҡорбан усағы төҙөлөр, илдең сигендә Раббы хөрмәтенә изге бағана ҡуйылыр. Былар – Мысырҙа Күк ғәскәрҙәре Раббыһы тураһында билдә һәм шаһитнамә булыр. Иҙелгән халыҡ Раббыға ялбарғас, Раббы уларға ҡотҡарыусы ебәрер. Ул халыҡты яҡлар һәм азат итер. Раббы шулай Үҙен Мысырҙа танытр; Мысыр халҡы ла ул көн Раббыны таныр, Уға ҡорбан, саҙаҡалар килтерер, нәҙерҙәр әйтеп, уларҙы ғәмәлгә ашырыр. Раббы Мысыр халҡын ҡырғын менән язалар, һуңынан шифа бирер. Халыҡ Раббыға ялбарыр һәм Раббы уларҙы сәләмәтләндерер. Ул көн Мысырҙан Ашшурға оло юл булыр. Ашшурҙар – Мысырға, мысырҙар Ашшурға йөрөр. Мысыр халҡы менән Ашшур халҡы бергәләшеп Раббыға сәждә ҡылыр. Ул көндө Исраил, ошо ике ил – Мысыр менән Ашшур дәрәжәһендәге ил булып, бөтә донъя уртаһында хәйер-фатиха бирә торған ергә әүерелер. Күк ғәскәрҙәре Раббыһы уларға фатиха биреп: «Эй халҡым – Мысыр, ҡулдарымдың ижады – Ашшур һәм Үҙемдең биләмәм Исраил, фатихалы булығыҙ!» – тип әйтер. Ашшур батшаһы Саргон үҙенең ғәскәр башлығын Ашдод ҡалаһына ебәрҙе. Ғәскәр башлығы барып, ул ҡаланы яулап алды. Ошо мәлдә Раббы Амус улы Ишағыяһҡа: – Бар, билеңдәге ҡыл туҡымаңды, аяғыңдағы ҡатаңды сисеп ташла, – тине. Ишағыяһ үҙенә ҡушылғанды эшләне: яланғас һәм ялан аяҡ йөрөнө. Шунан Раббы былай тине: – Ҡолом Ишағыяһтың өс йыл яланғас һәм ялан аяҡ йөрөүе Мысыр менән Куштың яҙмышын белдереүсе билдә һәм ғибрәт ул. Ашшур батшаһы ла Мысыр әсирҙәрен һәм Куш тотҡондарын – йәшен-ҡартын яланғас һәм ялан аяҡ, хатта оят ерҙәрен дә ҡаплатмайынса ҡыуып алып китер һәм Мысыр хурлыҡҡа төшөр. Шул сағында Кушҡа өмөт бағлаған, Мысыр менән маҡтанған кешеләрҙең ҡоттары осор һәм улар оятҡа ҡалыр. Ул көндә был яҡ ярҙа йәшәгәндәр: «Ашшур батшаһы ҡулынан ҡотолор өсөн беҙ ярҙам һораған, өмөт бағлағандарҙың башына нимәләр килде! Инде беҙ нисек ҡотолорбоҙ икән?» – тиерҙәр. Диңгеҙ буйындағы сүллек тураһында әүлиәлек. Негевта ҡоторонған ғәрәсәт кеүек Сүлдән, дәһшәт иленән баҫҡынсы килер. Миңә ҡурҡыныс бер илаһи күренмеш булды: Хыянатсы хыянат итә; талаусы – талай! «Эй Ғелам, һөжүм ит! Мадай, Бабилды ҡамауға ал! Бабил сәбәп булған барса һыҡтауҙарға сик ҡуям!» Күргәндәремдән билемә сәнсеү ҡаҙалды, Тулғаҡ тотҡан ҡатын һымаҡ ғазап алды. Ишеткәндәремдән ҡалтырап төштөм, Дәһшәткә төштөм күргәндәремдән. Йөрәгем бәлтерәне, бөтә тәнем ҡалтырай; Элек эңерҙе көтөп ала торғайным, Хәҙер ул ҡот осҡос мәлгә әүерелде. Табын ҡоролған, Келәмдәр түшәлгән, ашап-эсәләр… Тороғоҙ, эй ғәскәр башлыҡтары, Ҡалҡандарығыҙҙы майлағыҙ! Сөнки бөйөк Хаким миңә былай тине: «Бар, бер күҙәтсе ҡуй. Нимә күрә, шуны һөйләп барһын. Пар ат егелгән яу арбаларын, Аттарға, ишәк, дөйәләргә атланған кешеләрҙе күргәс, Ныҡ иғтибарлы, бик уяу булһын!» Шунда күҙәтсе ҡысҡырҙы: «Эй бөйөк Хакимым! Мин һәр даим күҙәтсе манараһында торам; Көнөн-төнөн урынымдан китмәйем! Бына күрәм: яу арбалары һәм һыбайлылар Ҡушарлап-ҡушарлап килә». Һуңынан ул: «Бабил ҡолатылды, бәреп төшөрөлдө! Илаһтарының һындары Ергә төшөп, селпәрәмә килде», – тип хәбәр бирҙе. Эй халҡым! Ырҙындағы яҫмалай туҡмалған халҡым! Күк ғәскәрҙәре Раббыһынан, Исраилдың Аллаһынан Ишеткәндәремде һеҙгә белдерәм. Дума тураһында әүлиәлек. Берәү Сеғирҙан миңә ҡысҡыра: «Эй һаҡсы, төн үтергә күпме ҡалды? Ул ҡасанға тиклем һуҙыласаҡ?» Һаҡсы яуаплай: «Таң атырға күп ҡалманы, Ләкин төн йәнә буласаҡ. Әгәр ҙә тағы һорарға теләһәгеҙ, кире килеп һорағыҙ». Ғәрәбстан тураһында әүлиәлек. Ғәрәп шырлыҡтарында ҡунығыҙ, Эй Дедан каруандары! Эй Тема ерендә йәшәүселәр, Һыуһағандарға һыу килтерегеҙ, Ҡасып ҡотолғандарға икмәк бирегеҙ. Сөнки улар ҡылыстан ҡасалар, Ҡындан сыҡҡан яланғас ҡылыстан, Кирелгән йәйәнән, Һуғыш золомонан ҡаса улар. Бөйөк Хаким миңә былай тине: – Теүәл бер йыл эсендә Ҡыдарҙың бөтә даны юҡҡа сығасаҡ. Уҡсыларҙың, Ҡыдар яугирҙәренең бик аҙы ғына иҫән ҡаласаҡ. Шулай тине Исраил Аллаһы Раббы. Күренмештәр үҙәнлеге тураһында әүлиәлек. Эй ҡала халҡы, ни булды, Бөтәгеҙ ҙә өй түбәләренә менгәнһегеҙ? Эй шау-шыулы, гөжләп торған ҡала! Үлтерелгәндәрегеҙ ҡылыстан да ҡырылманы, Һуғышта ла ҡоламаны. Башлыҡтарығыҙ барыһы бергә ҡасты, Йәйәләренән уҡ атмай ғына тотҡонлоҡҡа барып ҡапты. Ни тиклем алыҫҡа ҡасһалар ҙа, Бөтөнөһө лә әсирлеккә алынды. Шуға күрә былай тинем: «Яңғыҙымды ғына ҡалдырығыҙ, Әрнеп-әсенеп илайым. Ғәзиз халҡым һәләк булған саҡта, Мине йыуатырға маташмағыҙ». Бөйөк Хакимдың, Күк ғәскәрҙәре Раббыһының Күренмештәр үҙәнендә Хафа, иҙеү, сыуалыш көнө; Диуарҙар емереләсәк, Аһ-зарҙар тауҙарға олғашасаҡ көн килә. Ғеламдар, уҡ-һаҙаҡ алып, Һуғыш арбаларында ла, һыбайлап та килә. Ҡыйр халҡы ҡалҡандарын күтәргән! Бына, һинең күркәм үҙәндәрең Һуғыш арбалары менән тулған, Һыбайлылар ҡала ҡапҡалары алдына килеп теҙелгән. Раббы Йәһүҙәне яҡлаусыһыҙ ҡалдырҙы. Ул көндө һеҙ «Ливан урманы йорто» һарайындағы ҡоралға ышандығыҙ. Дауыт ҡалаһы диуарҙарында Ярыҡтарҙың ни тиклем күплеген күрҙегеҙ, Аҫҡы быуаға һыу йыйҙығыҙ. Йәрүсәлимдәге йорттарҙы хисапланығыҙ, Ҡала диуарын йүнәтер өсөн ҡайһы бер өйҙәрҙе емерҙегеҙ. Иҫке быуанан алған һыу өсөн Ике диуар араһында бер һаҡлағыс ҡаҙынығыҙ. Ә быны, электән үк ниәтләп, Бойомға ашырған Алланы иҫәпкә алманығыҙ. Ул көндө бөйөк Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, һеҙҙе һыҡтарға, Сәсегеҙҙе ҡырып ташлап иларға, Ҡыл туҡымаға уранырға өндәне. Ә һеҙ кәйеф-сафа ҡорҙоғоҙ. «Иртәгә барыбер үләбеҙ, Ашап-эсеп ҡалайыҡ», – тип, Башмаҡ һуйҙығыҙ, һарыҡ салдығыҙ, Ит ашап, шарап эстегеҙ. Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ҡолағыма төшөрҙө: «Был ғәйебегеҙ үлгәнегеҙгә тиклем ғәфү ителмәҫ!» Бөйөк Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, әйтте быны. Бөйөк Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, былай тине: «Бар, һарай башлығы Шевнаға бар ҙа әйт: Кем һин, һинең бында ни эшең бар? Ни хаҡың бар – бында, Юғарыла, үҙеңә ҡәбер, Ҡаяла төрбә уяһың? Эй һин, бәндә! Ҡара, Раббы һине бынан алып быраҡтырыр. Ул һине ныҡлап эләктереп алыр ҙа Туп кеүек әүәләр, шунан Ике ҡуллап иркен бер илгә сойорғотор. Һин – хужаң йортон мәсхәрә иткән бәндә, Шунда үлерһең. Күркәм яу арбаларың унда ҡалыр! Һине дәрәжәле вазифаңдан бушатырмын, Ултырған урыныңдан төшөрөрмөн. Ул көндө Мин ҡолом Хилҡияһ улы Әлъяҡимды саҡырып алырмын. Уға һинең кейемеңде кейҙерермен, биленә һинең билбауыңды быуырмын, хакимлығыңды уның ҡулына тапшырырмын. Ул Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә һәм Йәһүҙә халҡына атай булыр. Дауыт йортоноң асҡысын уның яурынына һалырмын. Ул асһа – бер кем дә бикләй, бикләһә, һис берәү аса алмаҫ. Уны ҡаты ергә ҡағылған ҡаҙаҡтай нығытырмын, ул нәҫеле өсөн дан тәхете булыр. Бөтөн нәҫеленең шөһрәте уның өҫтөндә булыр. Балаларының һәм ейәндәренең даны – сеүәтәләрҙән алып табаҡтарға тиклем барлыҡ һауыт-һаба, ҡаҙаҡҡа эленгән һымаҡ, уға эленеп торасаҡ». – Ә ул көндө, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – ҡаты урынға ҡағылған ҡаҙаҡ урынынан ҡутарылып сығасаҡ, йығыласаҡ, уға аҫылған йөк тә юҡ буласаҡ. Был – Раббы һүҙе. Тир ҡалаһы тураһында әүлиәлек. Эй Таршиш караптары, ҡысҡырып илағыҙ! Һеҙ Киттимдән ҡайтышлай ишеткән хәбәр дөрөҫ, Баш ҡалағыҙ емерелде, бер генә йорт та ҡалманы. Шымығыҙ, яр буйҙарында йәшәүселәр! Диңгеҙҙә йөрөгән Сидон сауҙагәрҙәре һеҙҙе байытты. Ҙур һыу буйлап Шихорҙан орлоҡ, Нилдан иген килтерерҙәр ине. Бөтөн ҡала ҡәүемдәргә баҙар булды. Оял, Сидон, диңгеҙ ярындағы ҡәлғә! Сөнки диңгеҙ һиңә әйтә: «Мин тулғаҡ ғазабы кисермәнем, бала тапманым, Уландар тәрбиәләмәнем, Ҡыҙҙар үҫтермәнем». Тир тураһындағы хәбәр Мысырға барып ишетелһә, Кешеләрҙең йөрәктәре һыҙланасаҡ. Таршишҡа күсеп китегеҙ, Эй диңгеҙ яры буйында йәшәүселәр, ҡысҡырып илағыҙ! Борон замандарҙан уҡ нигеҙ һалынған, Кешеләрен алыҫ илдәрҙә төйәкләнергә оҙатҡан, Шатлыҡ-һөйөнөсө ташып торған Ҡалағыҙға һеҙҙең нимә булған? Батшаларға таж кейҙергән Тирға Бындай яҙмышты кем билдәләне? Был ҡаланың сауҙагәрҙәре – шаһзада, Эшҡыуарҙары донъяның иң хөрмәтлеләре ине. Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ҡабул ҡылды был ҡарарҙы: Тирҙың күркәмлеге менән тәкәбберлеге хур булһын, Бөтә донъяла хөрмәт ҡаҙанғандар түбәнһетелһен! Эй Таршиш-ҡыҙ, үҙ ереңдән ағын Нил һымаҡ үт, Бүтән ҡаршылыҡ юҡ. Раббы диңгеҙ өҫтөнә ҡул һуҙҙы, Батшалыҡтарҙы тетрәтте, Ҡәнғән ҡәлғәләрен йығырға бойорҙо, әйтте: «Эй мәсхәрә ителгән ғиффәтле Сидон-ҡыҙ, Бүтән кәйеф-сафа ҡора алмаҫһың! Тор, Киттимгә юллан, Тик унда ла тынғылыҡ тапмаҫһың». Ана, халдейҙар иленә ҡара: Ул халыҡ башҡа юҡ инде! Ашшур, ҡамау манаралары ҡороп, Уларҙың нығытмаларын емерҙе, Илде харабаға әйләндерҙе, Ерҙе ҡырағай хайуандарға бирҙе. Үкереп илағыҙ, эй Таршиш караптары! Сөнки һеҙ һыйынған ҡәлғә емерелде. Бынан һуң Тир ҡалаһы етмеш йылға, бер батшаның ғүмере оҙонлоғона, онотолор. Етмеш йыл үткәс, Тир фәхишә ҡатынға сығарылған таҡмаҡтағы һымаҡ булыр: «Арфаңды ал, ҡала буйлап йөрө, Эй һәммәһе онотҡан фәхишә! Тырыш, матурыраҡ уйна, Йыр артынан йыр көйлә, Бәлки, һине иҫкә төшөрөрҙәр». Етмеш йыл үткәс, Раббы Тир хаҡында хәстәрлек күрер: ҡала тағы сауҙаға тотонор, донъялағы бөтә батшалыҡтар менән фәхешлек итә башлар. Әммә уның сауҙанан килгән табышы тупланмаҫ һәм йыйылмаҫ, ә Раббыға бағышланыр һәм, туйғансы ашаһындар, затлы кейенһендәр өсөн, Раббы хозурында йәшәгәндәргә тотонолор. Бына Раббы, ерҙе харап итеп, бушлыҡҡа әйләндерәсәк, Донъяның аҫтын өҫкә түңкәреп, Унда йәшәүселәрҙе таратып ебәрәсәк. Халыҡ менән ҡаһин араһында, Ҡол менән хужаһы араһында, Ялсы ҡатын менән хужабикә, Һатыусы менән алыусы, Бурыс биргән менән бурысҡа алғандың араһында Бер ниндәй айырма ҡалмаясаҡ. Ер, тотош таланып, буп-буш ҡаласаҡ, Сөнки Раббы шулай тине. Донъя һарғайып көйөр, Ер йөҙө ҡороп һулыр; Уның ҡеүәтле заттары хәлһеҙләнер. Ерҙе унда йәшәүселәр нәжесләне, Сөнки улар ҡанундарҙы һанға һуҡманы, Ҡағиҙәләрҙе аяҡ аҫтына һалды, Мәңгелек килешеүҙе боҙҙо. Шул сәбәптән ерҙе ҡарғыш ашай – Унда йәшәүселәр үҙ ғәйептәренең язаһын күрә. Юҡҡа сыға унда йәшәүселәр, Бик аҙҙары ғына ҡотолоп ҡалыр. Яңы шарап бөттө. Йөҙөм ботаҡтары шиңде. Элек шат йәшәгәндәр бойоҡто. Дөңгөр ҡағып, күңел асыу тамам, Уйын-көлкө килде ахырына, Арфаның моңдары баҫылды. Инде шарап эсеп йырлашмайҙар, Хәмер әсе булып тойола. Емерелгән ҡала ташландыҡ ҡалған, Йорттар бикле, унда инеп булмай. Шарап юҡлыҡтан урамдарҙа ҡысҡырыш, Ҡыуаныстың әҫәре лә ҡалманы, Донъяла шатлыҡ юҡ булды. Ҡала тотош бушап ҡалған, Ҡапҡалары емерелгән. Зәйтүн ағасынан емештәрен Ҡойоу өсөн ағас нисек һелкетелһә, Уңышын йыйғас, ҡыуаҡта Нисә бөртөк йөҙөм ҡалһа, Донъя халыҡтары шулай ҡалыр. Һау ҡалғандар, ҡысҡырышып, Һөйөнөс йырҙары йырлар. Көнбайышта йәшәгәндәр Раббы бөйөклөгөн данлар. Шуға күрә, көнсығышта йәшәүселәр, Раббыны данлағыҙ, Диңгеҙ буйы, утрауҙарҙағы халыҡтар, Исраил Аллаһы Раббының исемен ҙурлағыҙ. Ерҙең иң ситенән беҙ йыр ишетербеҙ: «Хаҡлыҡ эйәһенә дан-шөһрәт!» Тик мин: «Бөттөм! Бөттөм! Ҡайғы миңә! – тинем. – Хыянатсылар хыянаттарын дауам итер, Эйе, залимдар залимдарса ҡыланыр!» Эй донъяла йәшәүселәр! Алдығыҙҙа дәһшәт, тәрән соҡор һәм тоҙаҡ бар! Дәһшәтле тауыштан ҡасҡан соҡорға ҡолар, Соҡорҙан сыҡҡан тоҙаҡҡа ҡабыр. Күк ҡабаҡтары асылыр, Ерҙең нигеҙҙәре һелкенер. Ер тотош сатнап ярылыр, тетрәр, Донъя селпәрәмә килер. Иҫерек кеше һымаҡ сайҡалыр, Аласыҡ һымаҡ һелкенер, Гонаһтарҙың ауырлығы арҡаһында сүгер, Ҡолар ҙа башҡаса тора алмаҫ. Ул көн Раббы юғарыла – күк ғәскәрен, Аҫта – ер йөҙөндәге батшаларҙы язалар. Улар барыһы ла тотҡон һымаҡ Тәрән соҡорға тупланыр, зинданға бикләнер, Күп дәүерҙәр үткәндән һуң, язаланыр. Айҙың йөҙө ҡарайыр, ҡояш оялыр, Сөнки Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Сион тауында, Йәрүсәлимдә батшалыҡ итер, Халҡының аҡһаҡалдары Уның шөһрәтен күрер. Йә Раббы! Һин – Аллам минең! Һине ҙурлайым, исемеңде данлайым, Сөнки Һин әүәлдән ниәтләгән ғәжәп эштәреңде Ифрат тоғролоҡ менән ғәмәлгә ашырҙың. Сөнки Һин ҡаланы бер таш өйөмөнә, Нығытмалы ҡаланы харабаға әйләндерҙең. Ул ҡәлғә яттар ҡалаһы ине, юҡҡа сыҡты, Инде мәңге ҡабат торғоҙолмаҫ. Шуға ҡеүәтле халыҡтар Һине данлар, Аяуһыҙ ҡәүемдәрҙең ҡалалары ҡурҡып торор. Һин ярлы өсөн – һыйыныс, Ауыр ваҡытта фәҡиргә – ҡәлғә, Ғәрәсәттә – ышыҡ, эҫелә күләгә булдың. Сөнки залимдарҙың һулышы – Диуарға ҡаҡлыҡҡан ҡойон һымаҡ. Ҡоролоҡтағы томраны болот күләгәһе нисек баҫа, Сит халыҡтарҙың ярһыуын шулай баҫтың, Яһилдарҙың маҡтансыҡ йырҙарын томаланың. Күк ғәскәрҙәре Раббыһы был тауҙа Бар халыҡтар өсөн затлы ризыҡтарҙан, Затлы шараптарҙан табын ҡорор. Унда туҡлыҡлы ризыҡтар, һөҙөлгән шарап булыр. Был тауҙа бөтә халыҡтарҙың өҫтөндәге япманы, Бар ҡәүемдәр өҫтөнә ябылған ҡорманы алып ташлар. Үлемде йотоп ебәргән кеүек мәңгелеккә юҡ итәсәк. Раббы Хаким бөтә йөҙҙәрҙән һәр тамсы күҙ йәшен һөртөп аласаҡ, Бөтә ер йөҙөндә Үҙ халҡын хурлыҡтан ҡотҡарасаҡ, Сөнки Раббы шулай тине. Ул көндө былай тиерҙәр: «Был беҙҙең Аллабыҙ! Беҙ Уға өмөт бағланыҡ – Ул беҙҙе ҡотҡарҙы! Ул Раббы, Уға инандыҡ! Ҡотҡарғанына һөйөнөп шатланайыҡ!» Раббының ҡулы был тау өҫтөндә булыр. Моав иһә тиреҫкә тапалған һалам һымаҡ ҡалыр. Ул батып барған кешеләй Бар көсө менән сығырға маташһа ла, Ҡулын һуҙыуҙан һис файҙа булмаҫ, Раббы уның ғорурлығын түбәнһетер. Моавтың бейек диуарҙарын емереп ташлар, Ҡолатыр ҙа саң-туҙанға әйләндерер. Ул көндө Йәһүҙә ерендә ошондай йыр йырланыр: «Беҙҙең ҡалабыҙ көслө! Раббының ҡотҡарыуы – Уға үҙе диуар һәм нығытма. Асығыҙ ҡаланың ҡапҡаларын, Тоғро ҡалған ғәҙел ҡәүем эскә инһен. Һин, Раббы, рухы ныҡ булғандарға Камил именлек бирерһең, Сөнки улар Һиңә өмөт бағлай. Һеҙ Раббыға һәр саҡ инанығыҙ, Сөнки Йәһүә Алла – мәңгелек Ҡаябыҙ. Ул бейектә йәшәгәндәрҙе йығыр, Юғарылағы ҡаланы ҡолатыр. Уны ер менән тигеҙләр, саңға батырыр. Ул ҡала аяҡ аҫтында ҡалыр, Ярлы-фәҡирҙең аяғы, Хәйерсенең табан аҫтында тапалыр». Тәҡүәнең юлы – тура, Һин Уның юлын тигеҙ итәһең. Ысынлап та, ҡануның буйынса йәшәп, Йә Раббы, Һиңә өмөт бағлайбыҙ. Һинең исемеңде иҫкә алыу – Беҙҙең йөрәгебеҙҙең теләге. Төнөн йәнем Һиңә сарсай, Рухым бар булмышым менән Һине эҙләй. Сөнки ерҙә хөкөмөң бар саҡта Донъяла йәшәүселәр ғәҙеллекте белер. Залимға мәрхәмәт күрһәтелһә лә, Ул ғәҙеллеккә өйрәнмәҫ. Дөрөҫлөк хөкөм һөргән ерҙә яуызлыҡ ҡылыр, Раббының бөйөклөгөн ул күрмәҫ. Йә Раббы! Яза өсөн ҡулың күтәрелгән, Әммә яуыздар быны күрмәй. Халҡың өсөн ашҡынып тороуыңды күрһәт, Әйҙә улар оятҡа ҡалһындар. Дошмандарыңа ҡаршы яҡҡан ут Уларҙы ялмап юҡ итһен. Йә Раббы! Һин беҙҙе имен ҡылаһың; Барлыҡ ҡаҙаныштарыбыҙ – Һинең эшең. Эй Раббы Аллабыҙ, Һинән башҡа хужалар беҙгә хакимлыҡ итте, Әммә беҙ фәҡәт Һинең исемеңде таныйбыҙ. Ул хакимдар үлде, инде терелмәҫтәр; Әруахтары ҡабат тороп сыҡмаҫ. Сөнки Һин уларҙы язалап юҡ иттең, Улар хаҡында хәтирәләрҙе юйҙың. Һин халыҡты ишәйттең, йә Раббы, Халыҡты күбәйтеп, Үҙеңде данланың, Илдең барлыҡ сиктәрен киңәйттең. Йә Раббы, бәләгә ҡалғас, Һине эҙләнеләр; Язаң өҫтәрендә булған саҡта Хәсрәтләнеп доғаларын бышылданылар. Тулғаҡ тотҡан ҡатын нисек ғазаплана, һыҡтай, Беҙ ҙә хозурыңда шулай булдыҡ, Раббы! Ауырға ҡалдыҡ, ғазап сиктек, Тыуҙырғаныбыҙ ел генә булып сыҡты. Ни донъяға еңеү килтерә алманыҡ, Ни донъяла йәшәргә һис кемде тыуҙырманыҡ. Әммә Һинең үлгәндәрең тереләсәк, Минең мәрхүмдәрем тороп аяҡҡа баҫасаҡ. Эй һеҙ, тупраҡ аҫтында ятҡандар, уянығыҙ, Ҡыуанышып йырлағыҙ! Һинең ысығың – яҡтылыҡ биреүсе ысыҡ! Ер үлеләрҙе кире ҡайтарасаҡ. Эй халҡым, өйөңә ҡас, ишегеңде биклә. Раббының асыуы күпкә түгел, Ул үткәнсе генә йәшенеп тор. Сөнки донъяла йәшәгәндәрҙе Енәйәттәренә күрә язаларға Бына, Раббы Үҙенең торлағынан сыға. Шул саҡ ер үҙенә түгелгән ҡандарҙы күрһәтәсәк, Үлтерелгәндәрҙе башҡаса йәшермәйәсәк. Ул көн Раббы Ливъяҫанды, ҡасып барған йыланды, Ливъяҫанды, борғолана-борғолана шыуышҡан йыланды, Үҙенең аяуһыҙ, бөйөк һәм ҡеүәтле ҡылысы менән язалаясаҡ; Диңгеҙҙәге аждаһаны үлтерәсәк. Ул көндө гүзәл йөҙөм баҡсаһы өсөн йырлағыҙ. «Мин Раббы – уның ҡарауылсыһы, Уны гел һуғарып торам. Бер кем дә зарар итмәһен тиеп, Уны көнө-төнө һаҡлайым. Миндә асыу юҡ! Ләкин ул сәнскәк менән билсән үҫтерһә, Уға ҡаршы яу асырмын, Тотош утта яндырырмын. Иң яҡшыһы – Миндә һыйыныу эҙләһен, Минең менән килешеп йәшәһен. Эйе, Минең менән килешеп йәшәһен». Килер ваҡыт – Яҡуп нәҫеле тамыр йәйер, Исраил үрсем бирер һәм сәскә атыр, Ер йөҙөн емештәре менән тултырыр. Раббы Үҙ халҡын уларҙың дошмандарын язалаған кеүек язаланымы ни? Халҡын үлтергән ҡатилдар һымаҡ уны үлтерҙеме? Ул Үҙ халҡын былай язаланы: Ҡыуып һөргөнгә ебәрҙе. Көнсығыштан иҫкән көслө ел һымаҡ Ҡеүәтле һулышы менән ситкә ҡыуҙы. Боттарға ҡорбан килтергән усаҡтарын Аҡташ һымаҡ онтап бөтһә, Ашераға ҡуйылған ҡолғаларҙы, Хуш еҫ төтәтеү усаҡтарын емерһә, Гонаһынан арыныуының билдәһе шул булыр, Яҡуп нәҫеленең ғәйебе шуның менән пакланыр. Нығытмалы ҡала бушап ҡалды, Ташландыҡ йорттар сүлдәй кешеһеҙ. Унда тик башмаҡтар ғына утлап йөрөй, Шунда ята, ботаҡтарҙы мөнтәп ҡорота. Ботаҡтар ҡороғас, һынып төшә, Ҡатындар ботап алып яндыра. Был халыҡ бер нәмә лә аңламай, Шуға Бар ҡылыусы уларҙы ҡыҙғанмай, Яратыусы уларға мәрхәмәт күрһәтмәй. Әммә шундай көндәр килә: Раббы Евфрат йылғаһынан алып Мысыр сигендәге йылғаға тиклем ашлыҡ һуғыр һәм һеҙҙе, эй Исраил балалары, бер-бер артлы бер урынға туплар. Ул көндө бөйөк борғо ҡысҡыртылыр; Ашшур ерендә аҙашып йөрөгәндәр, Мысырға һөрөлгәндәр, ҡайтып, Йәрүсәлимдәге изге тауҙа Раббыға сәждә ҡылыр. Уңдырышлы үҙән уртаһында ҡалҡып торған Шараптан еңелгәндәрҙең ҡалаһына – Әфраим эскеселәренең тәкәббер тажына, Данлы гүзәллектең һулыған сәскәһенә ҡайғы! Бына, бөйөк Хакимдың көслө бер баһадиры бар. Ул боҙло ҡойон, һәләкәтле ғәрәсәт кеүек, Бар нәмәне йыуып алып киткән ташҡын һымаҡ килер. Үҙ ҡулдары менән ул Әфраимды ергә ҡолатыр. Аһ Әфраим эскеселәренең ғорур тажы, Ана инде аяҡ аҫтында тапала! Уңдырышлы үҙән уртаһында ҡалҡып торған ҡала, Данлы гүзәллектең һулыған сәскәһе Ваҡытынан алда өлгөргән инжир һымаҡ буласаҡ. Уны күргән бере бик тиҙ өҙөп алып йотасаҡ. Ул көндө Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙ халҡының иҫән ҡалғандары өсөн Гүзәллек тажы һәм шөһрәт таҡыяһы булыр. Хөкөм сығарыусыға Ул ғәҙеллек рухы иңдерер, Ҡала ҡапҡалары алдында Дошманды кире борған яугиргә ҡеүәт бирер. Ҡаһиндар менән пәйғәмбәрҙәр ҙә Иҫерешеп тәнтерәкләп йөрөп ята. Уларҙы шарап еңгән, хәмер аҡылдарын алған. Улар күргән күренмештәр ялған, Хөкөмдә сығарған ҡарарҙары яңылыш. Өҫтәлдәрендә таҙа урын ҡалмаған, Әшәке ҡоҫҡолоҡ менән тулған. Раббы пәйғәмбәре тураһында улар: «Был әҙәм кемде өйрәтмәксе? Кемгә өгөт бирмәксе? Яңы ғына күкрәк һөтө имгән, Имсәк ташлаған бәпестәргәме? Нимә был? Бойороҡ өҫтөнә бойороҡ, бойороҡ өҫтөнә бойороҡ. Өгөт өҫтөнә өгөт, өгөт өҫтөнә өгөт, Бер аҙ бынан, бер аҙ тегенән», – тиҙәр. Улай икән, Раббы был халыҡҡа Ят телдә, аңлайышһыҙ һүҙҙәр менән өндәшер. Раббы уларға: «Бында рәхәт, Әйҙә арығандар хәл алһын, Бында тыныс урын», – ти торғайны. Әммә улар ишетергә теләмәне. Шуға Раббының һүҙҙәре улар өсөн: «Бойороҡ өҫтөнә бойороҡ, бойороҡ өҫтөнә бойороҡ. Өгөт өҫтөнә өгөт, өгөт өҫтөнә өгөт, Бер аҙ бынан, бер аҙ тегенән» икән, Йөрөмәксе булырҙар ҙа салҡан йығылып яраланырҙар; Тоҙаҡҡа төшөп, әсирлеккә китерҙәр. Шуға күрә, эй һеҙ, мыҫҡыл итеп көлөүселәр, Йәрүсәлимдә был халыҡҡа хакимлыҡ ҡылыусылар, Раббы һүҙенә ҡолаҡ һалығыҙ! Һеҙ былай тинегеҙ: «Беҙ үлем менән килешеү төҙөгәнбеҙ, Үлеләр донъяһы менән һүҙ ҡуйышҡанбыҙ. Дәһшәтле афәт беҙгә теймәй үтәсәк, Сөнки ялғанды үҙебеҙгә һыйыныс итеп алдыҡ, Хәйләнең артына йәшендек». Шуға күрә Раббы Хаким һеҙгә былай ти: «Бына, Мин Сионда һыналған, Баһалап булмаҫлыҡ мөйөш ташы, Ныҡлы нигеҙ ташы ҡуям. Уға ышанған һис кем ҡаушап төшмәҫ. Ғәҙеллекте – үлсәм бауы, Дөрөҫлөктө ҡурғаш аҫма итәм. Ялғанды – һыйынысығыҙҙы – боҙ һуғыр, Йәшенгән урынығыҙҙы һыу йыуып алып китер. Үлем менән килешеүегеҙ боҙолор, Үлектәр донъяһы менән ҡуйышҡан һүҙегеҙ емерелер. Һәләкәтле ташҡын аша үтер, һеҙҙе бәреп йығыр: Һәр көн иртән, көндөҙ ҙә, төндә лә Был ташҡын һеҙҙе йыуып алып китер. Был хәбәрҙе аңлағас, ҡотоғоҙ осасаҡ!» Түшәгегеҙ һуҙылып ятырға ҡыҫҡа, Ураныр өсөн юрғанығыҙ тар булыр. Сөнки Раббы Перасим тауындағылай ҡалҡыр, Ғивғон үҙәнендәге шикелле ярһыр. Ул Үҙ эшен, сәйер эшен тормошҡа ашырыр, Уның ғәмәле хайран ҡалдырыр. Шуға күрә хурлауҙан туҡтағыҙ, Юғиһә бығауҙарығыҙ ауырыраҡ булыр. Сөнки бөйөк Хакимдан – Күк ғәскәрҙәре Раббыһынан – Бөтөн илгә янаған һәләкәт тураһында белдем. Тауышыма ҡолаҡ һалығыҙ, әйткәнемде ишетегеҙ. Һөйләгәнемде диҡҡәт менән тыңлағыҙ! Сәсеү мәлендә игенсе Баҫыуҙы туҡтауһыҙ һөрә, Тырмата, йомшарта ғынамы? Юҡ, ул, ерҙе тигеҙләгәс, ҡара үлән, аҡ әнис орлоҡтары һибә, Бойҙай, тары сәсә, арпаны бер урынға, Борайҙы эргәһенә ултырта. Ул шулай эшләргә кәрәклеген белә, Сөнки уны Алла өйрәтә. Ҡара үләнде ашлыҡ һуҡҡыс менән төймәйҙәр, Әнисте арба тәгәрмәсе менән һуҡмайҙар. Ҡара үләнде лә, әнисте лә таяҡ менән һуғалар. Ашлыҡты һуғалар, әммә гел генә һуғып тормайҙар. Өҫтөнән һуҡҡыс тағылған атты йөрөтәләр, әммә иҙмәйҙәр. Был ғәжәйеп белем Күк ғәскәрҙәре Раббыһынан килә, Уның кәңәштәре хайран, аҡылы бөйөк! «Эй Ариил, Ариил, Дауыт туплам ҡорған ҡала, башыңа – ҡайғы! Йылға йыл өҫтәлһен, Байрамдарың ҡабатланып торһон. Әммә Ариилды ҡыҫынҡылыҡҡа төшөрәм, Ул зар илар, үкһер-һыҡтар. Ул Минең өсөн ҡорбан усағы булыр. Һине һәр яҡтан ҡамап алырмын, Әйләнәңә күҙәтеү манаралары ҡорормон, Убалар торғоҙормон. Түбәнһетелеп ергә ауырһың, шунан һөйләшерһең, Саң-туҙан араһынан тауышың ишетелер, Тауышың өрәк тауышы һымаҡ ер аҫтынан, Һүҙҙәрең бышылдау булып тупраҡ эсенән сығыр». Әммә һанһыҙ дошмандарың саң-туҙан, Яуыз сиреүҙәре елгә осҡан кәбәк кеүек булыр. Көтмәгәндә, күҙ асып йомған арала Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Күк күкрәтеп, ер тетрәтеп, гөрһөлдәтеп, Дауыл һәм ҡойон уйнатып, Ялмап йотор ялҡын менән һинең яныңа килер. Шул саҡ Ариилға ҡаршы һуғышҡан күп һанлы ҡәүем, Уны һәм ҡәлғәһен ҡамағандарҙың һәммәһе, Уға золом килтергәндәр бары бер төш, Төнгө һаташыу һымаҡ юҡ булыр. Сион тауына ҡаршы һуғышҡан күмәк халыҡтар өйөрө Төшөндә ашағанын күреп, ас уянған, Йоҡола һыуһын ҡандырғанын күреп, Сарсап килеп торған кеше кеүек булыр. Шаҡ ҡатығыҙ, аптырағыҙ, Күҙегеҙҙе һуҡырайтығыҙ, күрмәһен. Шарап эсмәйенсә иҫерегеҙ, Хәмер эсмәгән килеш тәнтерәкләгеҙ. Сөнки Раббы һеҙгә тәрән йоҡо күндерҙе, Күҙегеҙҙе йомдорҙо, эй пәйғәмбәрҙәр; Аңығыҙҙы томаланы, эй әүлиәләр. Бөтә күренмештәр һеҙҙең өсөн Мөһөрләнгән бер китап һүҙҙәре һымаҡ булды. Уҡый белгән кешегә биреп: «Уҡы», – тиһәң, «Уҡый алмайым, сөнки ул мөһөрләнгән», – тип яуаплар. Әгәр китапты наҙанға биреп: «Уҡы», – тиһәң, «Мин уҡый белмәйем», – тип яуап ҡайтарыр. Бөйөк Хаким былай ти: «Был халыҡ Мине тик теле менән хөрмәт итә, Яныма килеүе һүҙҙә генә. Әммә күңелдәре Минән алыҫ. Уларҙың Минән ҡурҡыуы Кешеләрҙән өйрәнгән ҡағиҙәләр арҡаһында ғына. Шуға күрә Мин дә был халыҡҡа Яңы мөғжизә, шаҡ ҡатырлыҡ хикмәт ҡылырмын. Аҡыл эйәләренең аҡылы юҡҡа сығыр, Зиһенлеләрҙең зиһене бөтөр». Ниәттәрен Раббыға күрһәтмәҫ өсөн Тәрәнгә йәшеренгәндәрҙең башына ҡайғы! Ҡараңғылыҡта эш иткән был бәндәләр: «Беҙҙе кем күрер ҙә кем белер?» – тип әйтер. Был ни тиклем аҡылһыҙлыҡ! Көршәксе балсыҡ менән бер булырмы? Әйбер үҙен яһаусы хаҡында: «Мине ул эшләмәне!» – тип әйтерме? Сүлмәк үҙен яһаған һөнәрсе тураһында: «Ул бер нәмә лә аңламай», – тиерме? Ливан тиҙ арала уңдырышлы баҫыуға, Уңдырышлы баҫыу иһә урманға әүерелмәҫме? Ул көн һаңғырауҙар китап һүҙен ишетер, Һуҡырҙар ҡуйы ҡараңғылыҡтан күрә башлар. Фәҡирҙәр Раббыла ҡыуаныс табыр, Исраилдың Изгеһе хаҡында уйлап, Ярлы-мохтаждар шатланыр. Сөнки рәхимһеҙҙәрҙең ахыры килер, Хурлаусылар юҡҡа сығыр, Яуызлыҡ ҡылырға әҙер торғандар ҡырылыр. Ундайҙар кешеләргә яла яғалар, Ҡала ҡапҡаһы төбөндә хөкөмдарҙарға тоҙаҡ ҡоралар, Ғәйепһеҙҙе ғәҙел хөкөмдән мәхрүм итәләр. Шуға күрә Ибраһимды йолоп алған Раббы Яҡуп нәҫеленә былай тиер: «Яҡуп башҡаса оятҡа ҡалмаҫ, Уға инде ағарынырға тура килмәҫ. Үҙ янында балаларын – Минең ижад емешемде күргәс, Исемемде изге тип хөрмәтләр, Эйе, Яҡуп Изгеһенең изгелеген таныр, Исраилдың Аллаһы алдында ҡалтырап торор. Рухтары аҙашҡандарға шул саҡ аҡыл керер, Зарланғандар өгөт-нәсихәт алыр». «Был башбаштаҡ нәҫелгә ҡайғы! – тип белдерә Раббы, – Минең ниәттәрҙе түгел, үҙҙәренекен тормошҡа ашыралар. Рухыма тап килмәгән килешеүҙәр төҙөйҙәр, Гонаһ өҫтөнә гонаһ өйәләр. Ризалығымды һорамайынса, Фирғәүендән яҡлау эҙләп, Мысыр күләгәһенә һыйынмаҡ булып, Мысырға баралар. Әммә фирғәүендең яҡлауы уларға хурлыҡ, Мысыр күләгәһенә һыйыныу оят килтерер. Башлыҡтарының Соғанға, Илселәренең Ханесҡа барып етеүенә ҡарамаҫтан, Үҙҙәренә файҙаһы теймәгән халыҡ арҡаһында оятҡа ҡалырҙар. Был халыҡтың ни ярҙамы, ни файҙаһы булмаҫ, Бары оятҡа һәм мәсхәрәгә ҡаласаҡтар». Негев хайуандары тураһында әүлиәлек. «Инә һәм ата арыҫландар, Ҡара йыландар һәм ҡанатлы йыландар төйәк иткән Ҡырағай һәм ҡурҡыныс ерҙәрҙән уҙырҙар. Байлыҡтарын – ишәктәрҙең арҡаһына, Хазиналарын дөйәләрҙең үркәсенә йөкләп, Үҙҙәренә ярҙам итә алмаҫ халыҡҡа алып барырҙар. Мысыр ярҙамынан файҙа сыҡмаҫ, бушҡа булыр. Шуға күрә Мин Мысырҙы: „Шым ғына ултырған Раһав “ тип атаным». Раббы миңә әйтте: – Инде бар, әйткәндәремде Таҡтаташҡа сүке, төргәк китапҡа яҙ. Улар киләсәк ваҡыттар өсөн Мәңгелеккә шаһитнамә булып ҡалһын. Улар фетнәсел халыҡ, алдаҡсы балалар! Раббы ҡанунына ҡолаҡ һалырға Теләмәгән балалар улар. Улар әүлиәләргә: «Инде күренмештәр күрмәгеҙ», – тиҙәр. Улар пәйғәмбәрҙәргә: «Беҙгә дөрөҫ күренмештәр кәрәкмәй, Ишеткебеҙ килгәнде генә һөйләгеҙ. Уйҙырма күренмештәр генә еткерегеҙ, – тиҙәр, – Был юлдан ҡайырылығыҙ, Һуҡмаҡтан ситкә сығығыҙ, Исраилдың Изгеһен иҫебеҙгә төшөрмәгеҙ». Шуға күрә Исраилдың Изгеһе былай ти: «Һеҙ Минең һүҙҙәремде кире ҡаҡтығыҙ, Золомға, ялғанға өмөтләнеп, шуларға таяндығыҙ. Шулай булғас, был гонаһ һеҙҙең өсөн Бейек диуарҙағы ярыҡ һымаҡ булыр. Диуар бер мәл күҙ асып йомған арала ишелеп төшөр. Селпәрәмә ярылған балсыҡ сүлмәктән – ярсык, Усаҡтан – ҡуҙ, Быуанан һыу һоҫоп алырҙай киҫәк ҡалмаған һымаҡ, Был диуар ҙа шулай онталыр». Раббы Хаким, Исраилдың Изгеһе былай ти: «Миңә ҡайтып тыныс йәшәһәгеҙ, ҡотолорһоғоҙ; Һеҙҙең көсөгөҙ – тыныслыҡта һәм өмөттә. Тик быны эшләргә теләмәйһегеҙ. „Юҡ, беҙ ат менеп ҡасабыҙ!“ – тинегеҙ, – Ярай, улай булғас, ҡасырһығыҙ. „Етеҙ аттарға менеп сабырбыҙ!“ – тинегеҙ. Ярай, һеҙҙе баҫтырыусылар ҙа етеҙ булыр. Бер кеше янаһа, мең кеше ҡасыр, Биш кеше янаһа, бөтөнөгөҙ ҡасыр; Ә тере ҡалғандар тау башындағы ҡолға, Түбәләстәге байраҡ һымаҡ яңғыҙ ҡалыр». Әммә Раббы һеҙгә мәрхәмәт күрһәтер өсөн көтә, Ул тағы һеҙгә рәхимле булырға әҙер, Сөнки Раббы – ғәҙел Алла: Уға өмөт бағлағандар ниндәй бәхетле! Эй Йәрүсәлимдә йәшәүселәр, Сион халҡы, Һеҙ башҡа иламаҫһығыҙ! Һыҡтаған сағығыҙҙа Ул һеҙгә мәрхәмәтен мотлаҡ ҡылыр. Тауышығыҙҙы ишетеү менән яуап бирер. Бөйөк Хаким һеҙгә хәсрәт икмәге ашатһа ла, Ғазап һыуы эсерһә лә, Ул – Остазығыҙ – инде һеҙҙән йәшеренмәҫ, Остазығыҙҙы үҙ күҙегеҙ менән күрерһегеҙ. Уңға йәки һулға тайшанғанда артығыҙҙан: «Юл бында, ошо юлдан барығыҙ», – тигән тауышты ишетерһегеҙ. Шул саҡ көмөш ялатылған боттарығыҙҙы, Алтын йүгертелгән һындарығыҙҙы Ерәнгес тип табырһығыҙ, Уларҙы нәжес тип ташларһығыҙ, «Юғал күҙ алдынан!» – тиерһегеҙ. Раббы тупраҡҡа сәскән орлоғоғоҙға ямғыр бирер. Ер уңышы мул һәм бәрәкәтле булыр. Ул көн малдарығыҙ иркен болондарҙа утлап йөрөр. Тупраҡ эшкәрткән үгеҙ-ишәктәрегеҙ Һәнәк-көрәк менән елгәрелгән, Тоҙ һибелгән ем ашар. Ошо көндө, оло ҡырылыш, манаралар ҡолаған көндө, Һәр тауҙан, һәр бер түбәнән Шишмәләр, ташҡын һыуҙар ағып төшөр. Ай ҡояш һымаҡ нур сәсер, Ә ҡояш, ете көн яҡтыһылай, Ете тапҡырға яҡтыраҡ яныр. Раббы Үҙ халҡының яраларын бәйләгән, Үҙе һалған йәрәхәттәрҙе уңалтҡан көндө шулай булыр. Ҡара, Раббының исеме йыраҡтан килә! Асыуы дөрләп яна, ялҡыны көслө, Ауыҙынан нәфрәт эркелә, Ә теле – гүйә бар нәмәне ялмап юҡ иткән ут. Һулышы – ярҙарынан сыҡҡан ташҡын кеүек, Һыуы кешенең боғаҙына етә. Ул ҡәүемдәрҙе иләктән үткәрер, яраҡһыҙҙарын айырыр. Халыҡтарҙың ауыҙына юлдан яҙҙырыусы ауыҙлыҡ кейҙерер. Ә һеҙ изге байрам кисендәге кеүек йырларһығыҙ. Раббы тауына, Исраилдың Ҡаяһына табан, Һыбыҙғы уйнатып сыҡҡан һымаҡ, Бөтә йөрәктән шатланырһығыҙ. Шул сағында Раббы ҡеүәтле тауышын яңғыратыр, Көслө асыу менән, бар нәмәне ялмар ут ялҡынында, Дауылда, ташҡында һәм таш яуғанда Күтәрелгән ҡулының көсөн күрһәтер. Раббы тауышынан Ашшур ҡурҡып ҡалыр, Раббының таяғынан туҡмалыр. Раббының уларға яза таяғы менән һәр һуҡҡаны Дөңгөр һәм арфа ауаздары тарафынан оҙатылыр. Шулай Ул Ашшурға ҡаршы ҡул күтәрер – Улар менән һуғышыр. Тофеҫ инде күптән әҙерләнгән, Батшаны ҡабул итер өсөн ул әҙер тора. Ул ер тәрәнәйтелде һәм киңәйтелде; Усағында утыны менән ҡуҙы күп; Раббының һулышы көкөрт ағымы кеүек Уны ялҡынландырып ебәрер. Ярҙам һорап, Мысырға барғандарҙың башына ҡайғы! Аттарға өмөтләнәләр, Яу арбаларының күплегенә, Һыбайлыларҙың көсөнә ышаналар. Ә ҡараштарын Исраилдың Изгеһенә йүнәлтмәйҙәр, Раббыны эҙләмәйҙәр! Әммә бит Раббы камил аҡылға эйә! Ул бәлә күндерер, Үҙ һүҙенән кире ҡайтмаҫ. Яуызлыҡ ҡылған нәҫелгә, Яман бәндәләргә ярҙам иткәндәргә ҡаршы күтәрелер. Мысырҙар бит Алла түгел, бары кеше, Аттары ла рухтан түгел, тик тән генә. Раббы ҡулын күтәргән сағында Ярҙамға килгән абыныр, Ярҙам алғаны йығылыр, Һәммәһе бер юлы һәләк булыр. Раббы миңә былай тине: «Табышы өҫтөндә ырылдаған арыҫлан, йәш арыҫлан, Күпме генә көтөүсе йыйылһа ла, Уларҙың тауышынан ҡурҡырмы? Аҡырыуға иғтибар итерме? Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ла шулай булыр, Сион тауына, ошо ҡалҡыулыҡҡа Ҡотҡарыр өсөн һуғышырға төшөр. Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙ балаларын ҡайғыртып, Улар өҫтөндә кәйелгән ҡош һымаҡ, Йәрүсәлимде ҡурсалар, һаҡлар, Яҡлар һәм ҡотҡарып ҡалыр». Эй Исраил халҡы, Үҙегеҙ ныҡышып ҡарышҡан Раббыға кире ҡайтығыҙ! Ул көндө һәммәгеҙ ҙә, енәйәтсел ҡулығыҙ менән яһаған Алтын-көмөш боттарығыҙҙан баш тартып, бырғаясаҡһығыҙ. «Ашшурҙар ҡылыстан һәләк булыр, Әммә кеше ҡулындағы ҡылыстан түгел. Улар ҡылыстан үткәреләсәк, Ләкин был кеше ҡулындағы ҡылыс булмаясаҡ. Ашшурҙар ҡылыстан ҡасыр; Йәш егеттәре ҡоллоҡҡа төшөр. Ашшурҙың һөйәлгән ҡаяһы ҡурҡып ҡасыр, Түрәләре байраҡтарын ташлап, хәүефкә батыр», – тип, Уты – Сионда, Усағы Йәрүсәлимдә булған Раббы белдерә быны. Шулай булыр: батша хаҡлыҡта хакимлыҡ ҡылыр, Түрәләр ғәҙеллек менән етәкселек итер. Һәр береһе елдән ышыҡ, Көслө ямғырҙа ҡыуыш, сүлдәге шишмә, Ҡороп-кипкән ерҙә күләгә булған Бейек ҡая һымаҡ торор. Шул саҡ күргәндәрҙең күҙе томаланмаҫ, Ишеткәндәрҙең ҡолағы тыңлар. Томаланған зиһен асылып китер, Тотлоҡҡандар еңел һәм асыҡ һөйләшер. Инде ахмаҡты – арҙаҡлы, Ҡәбәхәтте хөрмәтле тимәҫтәр. Сөнки ахмаҡ алйотлоҡ һөйләй, Күңеле яуызлыҡты үҙ итә, Иманһыҙ эштәр ҡыла, Раббы хаҡында ялған тарата, Астарҙың ризығын тартып ала, Сарсағанды һыуһыҙ ҡалдыра. Ҡәбәхәттең ҡылған ғәмәлдәре яман: Ярлының дәғүәһе хаҡ булһа ла, Уны ялғанлап юҡ итер өсөн тоҙаҡ ҡорор. Выжданлының ниәте лә ғәҙел, Арҙаҡлы эштәре менән ул ныҡ торор. Эй вайымһыҙ йәшәгән ҡатындар, Тороғоҙ, тауышыма ҡолаҡ һалығыҙ! Эй ғәмһеҙ ҡыҙҙар, әйткән һүҙемде тыңлағыҙ! Бер йылдан саҡ ҡына күберәк үткәс, Ҡотоғоҙ осасаҡ, ҡайғыһыҙҙар! Сөнки йөҙөм йыйыу мәле етмәҫ, Емеш-еләктең уңышы булмаҫ. Эй ғәмһеҙҙәр, тетрәнегеҙ! Вайымһыҙҙар, дер ҡалтырап тороғоҙ! Кейемдәрегеҙҙе сисеп ташлап, Тупаҫ туҡымаға уранығыҙ. Сөнки зиннәтле һарай – ташландыҡ, Шаулы ҡала буп-буш булып ҡалыр. Күҙәтеү манаралары торған ҡалҡыулыҡтар Ҡырағай ишәктәр гиҙгән, Көтөүҙәр утлаған ергә әйләнәсәк. Былар юғарынан өҫтөбөҙгә Рух түгелгәнгәсә дауам итер. Артабан сүл – емеш баҡсаһына, Баҡса булған ерҙәр урманға әйләнер. Ул саҡта был сүлдә ғәҙеллек урынлашыр, Хаҡлыҡ уңдырышлы тупраҡта төйәкләнер. Хаҡлыҡтың емеше – именлек, Нәтижәһе мәңгелек тыныслыҡ һәм хәүефһеҙлек булыр. Халҡым именлек тулы өйҙәрҙә, Хәүефһеҙ, рәхәт ерҙәрҙә йәшәр. Урмандарға боҙ-борсаҡ яуһа ла, Ҡала ер менән тигеҙләнһә лә, Бәхет һеҙҙе ташлап китмәҫ: Һуғарыулы ерҙә иген игерһегеҙ, Үгеҙ һәм ишәктәрегеҙҙе утлауға ебәрерһегеҙ. Эй әлегә емерелеү белмәгән емереүсе! Хыянатҡа тарымаған хыянатсы! Ҡайғы һиңә! Һин емереүҙән туҡтағас, үҙеңде емерәсәктәр; Хыянат ҡылып бөткәс, һиңә хыянат итерҙәр. Йә Раббы! Һин беҙгә мәрхәмәтле бул, Сөнки бөтә өмөтөбөҙ Һиндә. Һәр иртә беҙҙең ҡеүәтебеҙ бул, Ауыр саҡта ҡотҡарыусыбыҙ бул! Ҡөҙрәтле күкрәүеңдән халыҡтар ҡасыр; Һин ҡалҡҡанда, ҡәүемдәр тырым-тырағай һибелер. Ҡарышлауыҡтар баҫыуҙы нисек талаһа, Эй ҡәүемдәр, яумалығыҙ шулай таланыр. Байлығығыҙ өҫтөнә саранча өйөрө һымаҡ ташланырҙар. Раббы бөтә нәмәнән дә юғарыраҡ, Сөнки Ул күктәрҙе төйәк иткән. Ул Сионда ғәҙеллек, хаҡлыҡ урынлаштырыр. Ул – тормошоғоҙҙоң ышаныслы нигеҙе. Ҡотҡарыусы, аҡыл һәм белемдең мул инеше; Раббынан ҡурҡыу – һеҙҙең хазина. Ана, хатта ҡаһармандар урамда ярҙам һорап ҡысҡыра, Тыныслыҡ илселәре әсе йәш түгә. Оло юлдар бушап ҡалды; сәфәр ҡылыусы юҡ. Килешеү боҙолдо, шаһиттар кире ҡағылды, Кешенең баһаһы бөттө. Ер иңрәй һәм кибә; Ливан оялышынан һулыған; Шарон тигеҙлеге сүлгә оҡшап ҡалды, Башан менән Кармәлдең япраҡтары ҡойолған. «Хәҙер ҡуҙғалам, – ти Раббы, – Инде урынымдан торам, юғарыға күтәреләм. Ҡороған үләнгә йөклө булып, һалам тыуҙыраһығыҙ; Һеҙҙең һулышығыҙ – ут, үҙегеҙҙе ялмап йотор. Халыҡтар янып көл булыр, Ҡырҡып ташланған сәнскәк һымаҡ, яндырылыр. Эй алыҫтағылар, ҡылған эштәремде ишетегеҙ; Эй яҡында йәшәгәндәр, Минең көсөмдө белегеҙ!» Сиондағы гонаһлыларҙың ҡото осто, Аллаһыҙҙар ҡалтырауға төштө: «Ялмап йотҡан ут эсендә кемебеҙ һуң тере ҡалыр? Мәңге һүнмәҫ ялҡын эргәһендә кемебеҙ йәшәй алыр?» Хаҡ юлдан йөрөп, дөрөҫ һөйләгән, Кешеләрҙе йәберләмәгән, табыш артынан ҡыумаған, Ҡулдарын ришүәттән йыраҡ тотҡан, Ҡанға һыуһағандарҙы тыңламай ҡолағын тыҡҡан, Яуыз эштәрҙән йөҙ борған – Шул кеше бейектә йәшәр; Ҡаяларҙағы ҡәлғәләр уның ышығы булыр; Икмәкһеҙ ҡалмаҫ, һыуға зарыҡмаҫ. Күҙҙәрең батшаны бөтә күркәмлегендә күрер, Ҡарашың осһоҙ-ҡырыйһыҙ илде байҡар. Элекке ҡурҡыуҙарыңды хәтергә төшөрөп: «Иҫәп-хисап алып барған кеше ҡайҙа хәҙер? Ҡайҙа яһаҡты үлсәгән? Манараларҙы һанаған әҙәм ҡайҙа?» – тип әйтәсәкһең. Аңлайышһыҙ, ят телдә һөйләшкән, Телмәрҙәре һис ҡолаҡҡа ятмаған Тәкәббер халыҡты башҡаса күрмәҫһең. Байрамдарыбыҙ ҡалаһы Сионға баҡ! Күҙҙәрең – Йәрүсәлимде, Именлек йортон, ҡаҡшамаҫ сатырҙы күрер. Уның ҡаҙыҡтары һис тә ҡуптарылмаҫ, Кирге бауҙары һис бер өҙөлмәҫ. Дөрөҫ, унда – киң йылғалар, инештәр илендә – Ҡөҙрәтле Раббы беҙҙең менән булыр. Унда ишкәкле кәмәләр инмәйәсәк, Ҙур караптар үтә алмаясаҡ. Сөнки Раббы – Хөкөмдарыбыҙ; Ҡанундарыбыҙҙы биреүсе – Раббы, Батшабыҙ – Раббы, беҙҙе Ул ҡотҡарасаҡ! Кәмәләреңдең бауы бушаны, Мачталарҙы тота алманы, Елкәндәре асылманы. Шул саҡта бик оло яумал бүлгеләнер, Хатта аҡһаҡтар ҙа талаусыларға ҡушылыр. Сионда төйәкләнгән бер кем дә: «Мин ауырыйым!» – тип әйтмәҫ. Унда йәшәгән халыҡтың ғәйебе ғәфү ителер. Эй ҡәүемдәр, яҡын килегеҙ, тыңлағыҙ! Эй халыҡтар, ҡолаҡ һалығыҙ! Тыңлаһын ер һәм ундағы бөтә нәмә, Донъя һәм унда тыуғандар! Раббы бөтә ҡәүемдәргә асыуланды. Уларҙың ғәскәрҙәренә ҡаршы ажарланды. Уларҙы тотошлай һәләк ҡылыр, Ҡырылышҡа дусар итер. Үлтерелгәндәр күмелмәй ятып ҡалыр, Мәйеттәрҙән һаҫыҡ еҫ таралыр, Тауҙар уларҙың ҡанынан ебеп ағыр. Барлыҡ күк есемдәре сереп бөтөр, Күк йөҙө төргәк кеүек төрөлөр; Йондоҙҙар йөҙөм япрағы, Шиңгән инжир япрағы һымаҡ ҡойолор. «Ҡылысым күктә ҡан эсеп туйҙы, Инде Эдомдың өҫтөнә, Мин тотош юҡ итергә ҡарар ҡылған Халыҡтың өҫтөнә төшә», – ти Раббы. Раббының ҡылысы – ҡанға, Ҡуй һәм кәзә тәкәләре ҡанына туйынды. Эс майына, һарыҡ тәкәләренең бөйөр майына буялды. Сөнки Раббы Босрала ҡорбан килтерә, Эдомда оло ҡырылыш бара. Улар менән бергә ҡырағай үгеҙҙәр, Башмаҡтар, көслө буғалар йығыласаҡ, Тупраҡ ҡанға туйынасаҡ, Ер май менән ашланасаҡ. Сөнки Раббының үс алыу көнө, Сиондың ҡонон ҡайтарыу йылы буласаҡ. Эдом йылғалары ыҫмалаға, Тупрағы көкөрткә әйләнәсәк, Илдең һәр тарафы янып торған ыҫмала буласаҡ. Ул көнөн дә, төнөн дә һүнмәйәсәк, Һәр ваҡыт төтәп торасаҡ. Ил быуындан-быуынға буп-буш ҡалыр, Быуаттар буйы унан бер кем дә үтмәҫ. Унда берғаҙан менән терпе хужа булыр; Өкө менән ҡоҙғон төйәкләнер; Раббы уның өҫтөнән бөлгөнлөк ебе һуҙыр, Ҡыйралыш ауыртмағы менән үлсәр. Унда батша итеп иғлан итерлек Бер генә затлы кеше лә ҡалмаҫ, Бөтә етәкселәренең ахыры етер. Һарайҙарын сәнскәк ҡыуаҡ баҫыр, Ҡәлғәләрендә дегәнәк менән кесерткән үҫер. Унда сүл бүреләренең төйәге, Дөйәғоштарҙың торлағы булыр. Ҡырағай бесәйҙәр менән һыртландар унда осрашыр, Тәкәләр бер-береһенә тауыш бирер, Төн эйәләре унда ял итеп рәхәтлек табыр. Ябалаҡтар оя ҡороп йомортҡа һалыр, Күләгә аҫтында бала сығарыр. Төйлөгәндәр парлашып йыйылыр. Раббының китабынан табып уҡығыҙ: Ошоларҙың береһе лә килмәй ҡалмаҫ, Һәр йәнлек үҙенең ишен табыр. Сөнки был әмер Раббының ауыҙынан сыҡты, Уның рухы уларҙы бергә йыйыр. Раббы Үҙе улар өсөн йәрәбә ташланы, Үлсәү бауы менән үлсәп өлөш бүлде. Улар был ергә мәңгегә хужа булыр, Быуындан-быуынға шунда йәшәр. Сүллек менән ҡоро тупраҡ һөйөнөр, Дала шатланыр, нәркәстәй сәскәләнер. Һәр тирә-яҡ күкрәп сәскә атыр, Шатланып тантана итер. Уға Ливандың даны, Кармәл менән Шарондың күркәмлеге бирелер. Һәммәһе Раббының шөһрәтен, Аллабыҙҙың ғиззәтен күрер. Хәлһеҙ ҡулдарға ҡеүәт бирегеҙ, Ҡалтыранған тубыҡтарҙы нығытығыҙ. Ҡурҡаҡ йөрәклеләргә әйтегеҙ: «Ҡыйыу булығыҙ, ҡурҡмағыҙ! Бына һеҙҙең Аллағыҙ, Үс алыр, ҡон ҡайтарыр өсөн килә. Килер ҙә һеҙҙе ҡотҡарыр». Ул саҡта һуҡырҙарҙың күҙҙәре, Һаңғырауҙарҙың ҡолаҡтары асылыр. Аҡһаҡтар болан һымаҡ һикереп торор, Телһеҙ шатлыҡтан йырлап ебәрер, Сөнки сүлдә шишмәләр атылыр, Далала йылғалар аға башлар. Ҡыҙған ҡом быуаға, Сарсаған тупраҡ шишмәгә әйләнер. Сүл бүреләре йәшәгән урындарҙы Ҡамыш менән күрән баҫыр. Ул урындан оло бер юл үтер, Ул юл Мөҡәддәс юл тип аталыр. Нәжес әҙәм уға аяҡ баҫа алмаҫ, Раббы юлында йөрөүселәр өсөн генә булыр ул. Унан киткәндәрҙән һис кем, Хатта иҫәрҙәр аҙашмаҫ. Ул ерҙә арыҫлан булмаҫ, Йыртҡыс хайуандар ул юлға сыҡмаҫ – Бында уларҙың һис береһе күренмәҫ, Бары тик ҡотҡарылғандар йөрөр. Раббы йолоп алған кешеләр кире ҡайтыр, Ҡыуанышып, гөрләшеп, Сионға килер. Баштары осонда шатлыҡ тажы мәңге балҡыр, Уларҙы шатлыҡ-ҡыуаныс сорнап алыр, Ҡайғы-хәсрәт менән аһ-зар ташлап ҡасыр. Хизкияһ батша хакимлығының ун дүртенсе йылында Ашшур батшаһы Санхерив Йәһүҙәнең бөтә нығытмалы ҡалаларына һөжүм итте һәм уларҙы ҡулға төшөрҙө. Шунан Ашшур батшаһы баш вәзирен бик ҙур ғәскәр менән Лахиштан Йәрүсәлимгә, Хизкияһ батшаға ебәрҙе. Баш вәзир Өҫкө быуаның арығы янында Кейеҙсе баҫыуына илткән юлда туҡтаны. Уның алдына батша һарайы башлығы Әлъяҡим Хилҡияһ улы, кәтип Шевна һәм батшалыҡтың йылъяҙмасыһы Йоах Асаф улы сыҡты. Баш вәзир уларға: – Хизкияһҡа еткерегеҙ, – тине. – Бөйөк батша, Ашшур батшаһы, былай ти: «Һин нимәгә өмөтләнәһең? Минеңсә, былар барыһы ла ҡоро һүҙ генә, ә һуғыш өсөн хәрби оҫталыҡ менән көс кәрәк. Һин кемгә өмөтләнеп миңә ҡаршы баш күтәрҙең? Бына һин сатнаған ҡамыш таяҡҡа – Мысырға таянмаҡсыһың. Белеп тор, был таяҡ үҙенә таянған кешенең ҡулына ҡаҙаласаҡ. Мысыр батшаһы фирғәүен дә үҙенә ышанғандар өсөн шулай булыр. Бәлки һин миңә: „Аллабыҙ Раббыға ышанабыҙ“, – тип әйтерһең? Әммә Аллағыҙға табыныу ҡалҡыулыҡтарын, ҡорбан усаҡтарын боҙоп ташлап, Йәһүҙә халҡына һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә: „Фәҡәт ошо ҡорбан усағы алдында ғына сәждә ҡылығыҙ“, – тип Хизкияһ әйтте түгелме?» Әйҙә минең хакимым Ашшур батшаһы менән ҡул һуғып килешегеҙ әле. Ул: «Мин һиңә ике мең баш ат бирәм – уларға һыбайлылар таба алырһыңмы икән?» – тип әйтә. Хакимымдың, исмаһам, иң бәләкәй хеҙмәтселәренең береһе булған сиреү башлығына нисек ҡаршы тора алырһың икән? Мысырҙың яу арбаларына һәм аттарына өмөтләнәһеңме? Әллә мин был илде тар-мар итергә Раббы ихтыярынан тыш килгән тип уйлайһыңмы? Раббы Үҙе миңә: «Бар, ул илде ҡыйрат», – тине. Әлъяҡим, Шевна һәм Йоах баш вәзиргә: – Беҙ ҡолдарың менән арами телендә һөйләшһәң ине, – тинеләр. – Беҙ ул телде аңлайбыҙ. Йәһүдсә һөйләшмә, сөнки диуарҙар өҫтөндәге халыҡ беҙҙе ишетеп тора. Әммә баш вәзир: – Хакимым мине был һүҙҙәрҙе бары тик һеҙгә һәм хакимығыҙға ғына һөйләргә ебәргән тиһегеҙме? – тине. – Диуарҙар өҫтөндә торған һәм һеҙҙең кеүек үк үҙҙәренең нәжесен ашарға, һейҙеген эсергә мәжбүр буласаҡ һәр кемгә ебәрҙе. Баш вәзир, урынынан тороп, йәһүдсә: – Бөйөк батша Ашшур батшаһының һүҙҙәрен тыңлағыҙ! – тип ҡысҡырҙы. – Батша былай ти: «Хизкияһ һеҙҙе алдамаһын, ул барыбер һеҙҙе ҡотҡара алмаясаҡ. Хизкияһ һеҙгә: „Раббы беҙҙе һис шикһеҙ ҡотҡарасаҡ, был ҡала Ашшур батшаһының ҡулына эләкмәйәсәк“, – тип әйтеп өмөтләндермәһен». Хизкияһты тыңламағыҙ, сөнки Ашшур батшаһы былай ти: «Минең менән татыулашығыҙ, минең яҡҡа сығығыҙ – һәр берегеҙ үҙенең йөҙөм тәлгәшенән, үҙенең инжир ағасынан ашар, үҙенең ҡоҙоғонан һыу эсер. Шунан һуң мин, килеп, һеҙҙе үҙегеҙҙеке кеүек үк илгә – ашлыҡ һәм яңы шарапҡа, икмәк һәм йөҙөм баҡсаларына бай илгә алып китермен. Хизкияһ: „Раббы беҙҙе ҡотҡарасаҡ“, – тип һеҙҙе алдамаһын. Башҡа ҡәүемдәрҙең илаһтарының береһе үҙ илен Ашшур батшаһының ҡулынан ҡотҡара алдымы? Хамаҫ менән Арпад илаһтары ҡайҙа? Сефарваимдың илаһтары ҡайҙа? Самарияны минән ҡотҡара алдылармы ни? Бөтә был илдәрҙең илаһтарының ҡайһыһы минән илен ҡотҡарып алып ҡалды? Шулай булғас, Раббы нисек Йәрүсәлимде минең ҡулымдан ҡотҡарһын?» Бер кем дә өндәшмәне, өнһөҙ ҡалды, сөнки Хизкияһ: «Яуап ҡайтармағыҙ!» – тип бойорғайны. Шунан батша һарайы башлығы Хилҡияһ улы Әлъяҡим, кәтип Шевна һәм батшалыҡтың йылъяҙмасыһы Асаф улы Йоах, ҡайғынан кейемдәрен йыртып, Хизкияһҡа барҙылар һәм баш вәзирҙең һүҙҙәрен һөйләп бирҙеләр. Был хаҡта ишеткәс, Хизкияһ батша кейемдәрен йыртып ташланы ла, ҡыл туҡыма уранған килеш, Раббы йортона йүнәлде. Батша һарайы башлығы Әлъяҡимды, кәтип Шевнаны, өлкән ҡаһиндарҙы Амус улы Ишағыяһ пәйғәмбәргә ебәрҙе. Барыһы ла ҡыл туҡыма уранғайны. Тегеләр барып Ишағыяһҡа: – Хизкияһ: «Бөгөн ҡайғы, яза һәм мәсхәрә көнө. Сабый тыуымға килгән, әммә тыуҙырырға хәл ҡалмаған. Тере Алланы мыҫҡыллар өсөн хужаһы Ашшур батшаһы тарафынан ебәрелгән баш вәзирҙең һүҙҙәрен, бәлки, Аллаң Раббы ишетер ҙә уны язалар. Шуға күрә иҫән ҡалғандар өсөн доға ҡылһаңсы», тип әйтте, – тинеләр. Бына Мин Ашшур батшаһына бер рух күндерәм. Ул бер хәбәр алыр ҙа үҙ иленә ҡайтып китер. Шунда Мин уны ҡылыстан үткәрәсәкмен». Ул арала баш вәзир үҙенең батшаһының Лахиш ҡалаһынан китеп, әле Ливнаға һөжүм иткәнен ишетте. Уның менән осрашырға шунда йүнәлде. Шул саҡ Ашшур батшаһы Куш батшаһы Тирһаҡаның яу менән килеүе тураһында хәбәр алды һәм Хизкияһҡа илселәр ебәрҙе. – Йәһүҙә батшаһы Хизкияһҡа әйтегеҙ, – тине ул. – Һин өмөт тотҡан Аллаң, «Йәрүсәлим Ашшур батшаһының ҡулына төшмәйәсәк», тип һине алдамаһын. Ашшур батшаларының бөтә илдәр менән ниҙәр эшләгәнен, ҡалаларын ни рәүешле ер менән тигеҙләгәнен ишеткәнһеңдер. Әллә һин ҡотолоп ҡалырмын тип уйлайһыңмы? Ата-бабаларым тар-мар иткән ҡәүемдәрҙең илаһтары уларҙы ҡотҡарҙымы? Гозанды, Харанды, Ресефты, Телассарҙағы Ғеден халҡын ҡотҡара алдылармы? Хамаҫ менән Арпад батшалары, Сефарваим ҡалаһының батшаһы, Һенағ менән Ғиууа батшалары ҡайҙа хәҙер? Хизкияһ батша, хатты илселәрҙең ҡулынан алып уҡығандан һуң, Раббы йортона китте. Унда килгәс, хатты Раббы хозурында йәйеп һалды ла, былай тип доға ҡылды: «Эй кирубтар араһында тәхет ҡорған Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы! Ерҙәге бөтә батшалыҡтарҙың берҙән-бер Аллаһы Һин. Күк менән ерҙе Һин яраттың. Йә Раббы, ҡолаҡ һал да тыңла, күҙҙәреңде ас та күр, йә Раббы; Һине, тере Алланы, хурларға ебәргән Санхеривтың бөтә һүҙҙәрен ишет. Ысынлап та, эй Раббы, Ашшур батшалары бөтә илдәрҙе тар-мар итте һәм уларҙың ерҙәрен бушлыҡҡа әйләндерҙе, илаһтарын утҡа яҡты. Тик был илаһтар Алла түгел, ә ағастан һәм таштан кеше ҡулы менән яһалған һындар ине. Шуға ла уларҙы юҡ иттеләр. Йә Раббы Аллабыҙ, инде беҙҙе Санхеривтың ҡулынан ҡотҡарһана, бөтә донъя батшалыҡтары Һинең, йә Раббым, берҙән-бер булғаныңды белһен». Ишағыяһ Амус улы Хизкияһҡа ошо хәбәрҙе ебәрҙе: – Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Ашшур батшаһы Санхерив хаҡында Миңә доға ҡылғайның. Раббы уның тураһында ошо һүҙҙәрҙе әйтте: Ғиффәтле Сион-ҡыҙ һинән мыҫҡыл итеп көлә; Йәрүсәлим-ҡыҙ артыңдан баш сайҡап ҡала. Кемде мәсхәрәләнең һин, кемде хурланың? Кемгә тауыш күтәрҙең? Эреләнеп кемгә баҡтың? – Исраилдың Изгеһенә! Хеҙмәтселәрең арҡылы бөйөк Хакимды хурланың, „Иҫәпһеҙ яу арбаларым менән Тауҙарҙың үренә мендем, Ливан арҡаларына артылдым. Бейек кедр ағастарын, Һайландыҡ кипаристарҙы ҡырҡтым, Иң бейек түбәһенә, ҡуйы урмандарына олғаштым. Ҡоҙоҡ ҡаҙҙым, һыуҙар эстем; Аяҡ табандарым менән Мысыр йылғаларын ҡороттом“, – тинең. Быларҙың барыһын электән үк әҙерләгәнемде, Борон замандан уҡ ниәтләгәнемде ишетмәгәйнеңме ни? Нығытмалы ҡалаларҙы емереп, Уларҙы харабаға әйләндереп, Һинең аша ниәтемде әле бойомға ашырҙым. Ул ҡалаларҙа йәшәүселәр көсһөҙләнде, Ҡурҡыуға төшөп, оятҡа ҡалдылар; Улар ҡырҙағы үҫемлек, болондағы йәшеллек, Өй башында тамыр ебәрмәҫ борон Көнсығыш еленән көйгән үлән кеүек булды. Ултырғаныңды һәм торғаныңды, Ингәнеңде-сыҡҡаныңды, Миңә ҡаршы ярһыуыңды белеп торам. Миңә асыу тотҡаныңа күрә, Маһайыуың килеп ишетелгәнгә, Мороноңа ырғаҡ, Ауыҙыңа ауыҙлығымды кейҙерәм; Һине килгән юлыңдан кире ебәрәм. Ә һиңә, Хизкияһ, бына ниндәй билдә булыр: Быйыл – ҡойолған игендән үҫкәнде, Икенсе йыл – үҙе тишелеп сыҡҡанды ашарһығыҙ; Өсөнсө йылына үҙегеҙ сәсерһегеҙ һәм урырһығыҙ, Йөҙөм баҡсалары ултыртырһығыҙ, Уларҙың емешен ейерһегеҙ. Йәһүҙә нәҫеленең ҡотолоп һау ҡалғандары Яңынан төпкә тамыр ебәрер, юғарыла – емешләнер. Сөнки иҫән ҡалғандар – Йәрүсәлимдән, Тере ҡалғандар Сион тауынан сығасаҡ. Быны Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙ ғәйрәте менән тормошҡа ашырасаҡ. Шуға күрә Раббы Ашшур батшаһы тураһында былай ти: „Ул был ҡалаға инмәҫ, уҡ атмаҫ. Ҡалаға ҡалҡаны менән яҡынлашмаҫ, Ҡамау өсөн әйләндереп уба ҡормаҫ. Килгән юлынан боролоп китер, Ә был ҡалаға кермәҫ, – тип белдерә Раббы. – Был ҡаланы Үҙемдең хаҡыма, Ҡолом Дауыттың хаҡына Һаҡлармын һәм ҡотҡарып ҡалырмын“». Раббы фәрештәһе килеп, ашшурҙарҙың тупламында йөҙ ҙә һикһән биш мең кешене үлтерҙе. Иртәнсәк тороп ҡараһалар, барыһы ла үлеп ята. Ашшур батшаһы Санхерив сигенде, Ниневегә ҡайтып китте һәм шунда йәшәне. Бер көндө, үҙ илаһы Нисрохтың ҡорамында табынған сағында, улдары Адраммәләх һәм Саресер уны ҡылыс менән сәнсеп үлтерҙе һәм Арарат еренә ҡасты. Санхерив урынына улы Эсар-Хаддон батша булды. Шул көндәрҙә Хизкияһ үлемесле ауырыуға тарыны. Амус улы Ишағыяһ пәйғәмбәр уға килеп: – Раббы былай ти: «Йортоңа васыятыңды еткер, сөнки ауырыуыңдан һауыға алмаҫһың, үлерһең», – тине. Хизкияһ йөҙө менән диуарға боролоп ятты ла Раббыға ялбарҙы. – Йә Раббы! Һин хуш күргән ғәмәлдәр ҡылып, тоғролоҡ менән, ысын күңелдән Һинең юлыңдан йөрөгәнемде иҫеңә төшөрһәң ине, – тип әсенеп-әсенеп иланы. Бынан һуң Ишағыяһҡа Раббы һүҙе булды: – Бар, Хизкияһҡа әйт: «Атайың Дауыттың Аллаһы Раббы былай ти: „Доғаңды ишеттем, күҙ йәштәреңде күрҙем. Ҡара, Мин ғүмереңде ун биш йылға оҙайтам. Һине лә, ҡаланы ла Ашшур батшаһы ҡулынан ҡотҡарырмын – был ҡаланы һаҡлап ҡалырмын. Әйткән һүҙемде бойомға ашырасағымдың билдәһе шул: байып барған ҡояштың Ахаз төҙөгән баҫҡыстан түбәнгә төшөп барған күләгәһен ун баҫҡысҡа кире сигендерәм“». Шунда ҡояш байып барған еренән кире боролоп, уның күләгәһе ун баҫҡысҡа кире сигенде. Йәһүҙә батшаһы Хизкияһ, сиренән арынып, сәләмәтләнгәндән һуң, былай тип яҙҙы: Үҙ-үҙемә әйттем: «Ғүмеремдең уртаһында Үлеләр донъяһының ҡапҡаһынан үтеп, Ҡалған йылдарымдан мәхрүм булырмынмы икән ни?» Мин уйланым: «Раббыны инде күрмәм, Эйе, Раббыны тереләр ерендә күрмәм. Был донъяла йәшәгәндәр менән бергә Кеше йөҙөн бүтән күрмәм. Көтөүсе сатырын һүтеп алған һымаҡ, Торлағым минән алынды; Туҡыусы һуҡҡан туҡымаһын төрөп ҡуйғандай, Мин дә ғүмеремде төрөп ҡуйҙым. Раббы ғүмеремде, туҡыу станындағы еп һымаҡ, ҡырҡты. Көнөн-төнөн Ул мине ахырыма алып бара. Сабырлыҡ һаҡланым таңға саҡлы; Раббы, арыҫландай, һөйәктәремде онтаны; Йә Раббы, Һин мине көнөн дә, төнөн дә Әжәлемә алып бараһың. Ҡарлуғастай сырылданым, Торна кеүек торҡолданым, Күгәрсендәй ыңғыраштым, Күккә текләп, күҙемде талдырҙым: Эй бөйөк Хакимым, ыҙа сигәм, ярҙам ит миңә! Нимә тип әйтәйем? Ул нисек әйтһә, шулай эшләне. Ҡалған ғүмеремде хәсрәт эсендә үткәрермен. Эй бөйөк Хакимым! Бына кеше нимә менән йәшәй! Бына нимәлә минең тормошом! Һин мине һауыҡтырырһың һәм һаҡларһың! Хәйерлегә булған ғазап-әрнеүҙәрем, Һөйөүең менән йәнемде һәләкәт соҡоронан алып ҡалдың; Гонаһтарымды артҡа бырғаның. Сөнки үлеләр донъяһы Һиңә шөкөр итмәҫ, Үлем мәҙхиә йырламаҫ, Ҡәбергә төшкәндәр тоғролоғоңа өмөт бағламаҫ. Тереләр, бары тереләр генә, Бөгөн мин шөкөр иткән кеүек, һиңә рәхмәтле булыр. Аталар Һинең ярҙамың тураһында балаларына аңлатыр. Раббы ҡотҡарҙы мине; Ғүмеребеҙ буйы Раббы ҡорамында Моңло ҡылдар сиртеп, Уға дан йырларбыҙ». – Инжир ҡағы килтерегеҙ, – тине Ишағыяһ. – Хизкияһтың сиҡаны өҫтөнә ябығыҙ – һауығыр. Хизкияһ иһә: – Раббының ҡорамына йөрөй алырыма ишара иткән ниндәй билдә булыр? – тип һораны. Шул осорҙа Бабил батшаһы Баладан улы Меродах-Баладан Хизкияһҡа хат менән бүләктәр ебәрҙе, сөнки уның ауырығаны һәм һауыҡҡаны тураһында ишеткәйне. Быларға бик һөйөнгән Хизкияһ илселәргә хазина йортон, алтын-көмөштө, хушбуйҙарҙы, ҡиммәтле майҙарҙы, ҡорал йортон, келәттәрендә булған бөтә нәмәләрен күрһәтте; һарайында һәм биләмәләрендә күрһәтмәгән бер генә нәмә лә ҡалманы. Ишағыяһ пәйғәмбәр Хизкияһ батшаға килеп: – Был кешеләр һиңә нимә тип әйтте, ҡайҙан килгәйнеләр? – тип һораны. – Улар миңә алыҫ бер илдән, Бабилдан килделәр, – тип яуап бирҙе уға Хизкияһ. – Һарайыңда нимәләр күрҙеләр? – тип һораны Ишағыяһ. – Һарайымдағы бөтә нәмәне лә күрҙеләр. Хазиналарымдан уларға күрһәтмәгән бер нәмә лә ҡалманы, – тип яуапланы Хизкияһ. Шунда Ишағыяһ былай тине: – Күк ғәскәрҙәре Раббыһының әйткәненә ҡолаҡ һал. Раббы былай ти: «Бер көн килеп, һарайыңдағы һәр нәмә, ата-бабаларың бөгөнгә тиклем йыйған барса әйбер Бабилға алып кителер. Бер нәмә лә ҡалмаҫ. Һинең нәҫелеңдән булған һәм һинән тыуған ҡайһы бер улдарыңды ла алып китерҙәр – улар Бабил батшаһының һарайында алашар булып хеҙмәт итер». Хизкияһ Ишағыяһҡа: – Раббының әле һинең аша тапшырған һүҙе яҡшы, – тине лә, эсенән: «Ғүмеремдең ахырына тиклем имен-аман була икән әле», – тип уйланы. «Йыуатығыҙ халҡымды, – ти Аллағыҙ, – Йыуатығыҙ! Йәрүсәлим менән яғымлы һөйләшегеҙ! Әсирлек дәүеренең бөткәнен, Ғәйептәренең әжере түләнгәнен, Гонаһтары өсөн язаны Раббы ҡулынан Икеләтә алғанын белдерегеҙ». Оран һалған тауыш яңғырай: «Раббыға сүлдә юл әҙерләгеҙ, Аллабыҙға далала туп-тура юл һалығыҙ! Уйһыу ерҙәр күтәрелһен, Тау һәм ҡалҡыулыҡтар түбәнәйһен, Бормалы юлдар турайһын, Һикәлтәләр тигеҙләнһен. Шул саҡ Раббының шөһрәте асылыр, Бөтә йән эйәләре берлектә уны күрер. Раббы Үҙ ауыҙы менән шулай тине». Тауыш: «Иғлан ит!» – тине. Һораным: «Нимә иғлан итәйем?» «Һәр тере йән – үлән һымаҡ, Уның бөтә матурлығы – ялан сәскәһеләй. Раббы һулышын өрһә, Үлән ҡорой, сәскә һулый. Хаҡ, кеше лә ана шул үлән шикелле. Үлән ҡорой, сәскә һулый, Ә Аллабыҙҙың һүҙе мәңге буласаҡ». Һөйөнсө килтергән Сион, бейек тауға сыҡ! Яҡшы хәбәр килтергән Йәрүсәлим, ҡысҡырып иғлан ит! Ҡурҡма, Йәһүҙә ҡалаларына ҡысҡыр: «Бына һеҙҙең Аллағыҙ!» Бына, Хакимыбыҙ Раббы көс-ҡеүәте менән килә, Ул Үҙенең ҡөҙрәте менән хакимлыҡ итер. Бүләге Үҙе менән, Алдынан әжере килә, Ул, көтөүсе һымаҡ, көтөүен көтөр; Бәрәстәрен, ҡулға алып, ҡуйынында йөрөтөр, Имеҙгән һарыҡтарҙы хәстәрләп әйҙәр. Кем һыуҙарҙы усында үлсәгән, Ҡарыш менән күкте хисаплаған? Ер тупрағын үлсәмгә һыйҙырған, Тауҙарҙы бизмәнләгән, Түбәләрҙе үлсәү табаҡтарына һалған? Раббының Рухына кем юл күрһәткән, Уға кәңәшсе булып кем өйрәткән? Аҡыл алыр, хаҡлыҡҡа өйрәнер өсөн Кемдән Ул кәңәш һораған? Кем Раббыға белем биргән, Зирәклек юлын күрһәткән? Раббы өсөн ҡәүемдәр – биҙрәләге тамсы һыу, Үлсәүҙәге саң бөртөгө кеүек. Бына, утрауҙарҙы Ул туҙан бөртөгөләй күтәрә! Ҡорбандарҙы яндырырға Ливан урмандары ла етерлек түгел, Уға тотош яндырыу ҡорбаны килтереү өсөн Ундағы хайуандар ҙа аҙ. Раббы алдында бөтә халыҡтар бер ни түгел, Юҡтан да аҙ, буп-буш. Алланы кемгә оҡшатырһығыҙ? Уны нимә менән сағыштырырһығыҙ? Һөнәрсе ҡойған ботҡамы? Көмөшсө уға алтын ялатыр, Уның өсөн көмөш сылбыр ҡойор. Бындайға хәленән килмәгән ярлы Серемәй торған ағас һайлап алыр, Урынында ҡыймылдамаҫлыҡ бот яһар өсөн Оҫта һөнәрсе эҙләр. Әллә белмәй инегеҙме? Ишетмәнегеҙме? Һеҙгә баштан уҡ әйтелмәнеме? Ер нигеҙе нисек ҡуйылғанын аңламанығыҙмы ни? Ул күк көмбәҙендә, юғарыла ултыра, Ерҙә йәшәүселәр иһә – сиңерткә кеүек. Ул күкте пәрҙә кеүек киргән, Йәшәү өсөн сатыр итеп ҡорған. Түрәләрҙе Ул юҡҡа сығара, Донъя хакимдарын бушҡа әйләндерә. Улар яңы ултыртылған, сәселгән үҫенте һымаҡ: Ергә саҡ-саҡ тамырланыуҙары була, Ул, тынын өрөп, уларҙы ҡорота ла, Дауыл һалам кеүек осороп алып китә. «Мине кем менән сағыштырырһығыҙ? Кем Минең менән тиңләшә ала?» – ти Изге. Күҙегеҙҙе күккә күтәреп ҡарағыҙ: Быларҙың барыһын кем яратты? Йондоҙҙарҙы һанап сығарыусы, Һәр береһен исеме менән саҡырыусы – Раббы. Раббының бөйөк ҡөҙрәте, сикһеҙ ғәйрәте арҡаһында Уларҙың һис береһе юғалып ҡалманы. Эй Яҡуп нәҫеле, ни өсөн һин: «Раббы башыма төшкәнде белмәй», – тиһең? Эй Исраил халҡы, ниңә: «Аллам минең дәғүәмде онотҡан», – тип әйтәһең? Белмәйһеңме, ишетмәнең дәме? Раббы – мәңгелек Алла, Ерҙең бөтә тарафтарын Бар ҡылыусы. Арыуҙы ла, талыуҙы ла белмәй! Уның аҡылын аңлап булмаҫлыҡ. Ул арығанға көс бирер, Хәлдән тайғандың ҡеүәтен арттырыр. Хатта йәштәр ҙә арый, талсыға; Егеттәр ҙә абынып йығыла. Ә Раббыға өмөт бағлағандар иһә яңы көс алыр, Бөркөт кеүек ҡанат йәйеп осор, күтәрелер. Йүгерерҙәр – һис арыу белмәҫтәр, Йөрөрҙәр һәм бер ҙә талсыҡмаҫтар. Раббы былай ти: «Тын ҡалып Мине тыңлағыҙ, яр буйҙары! Халыҡтар яңы көс йыйһын; Яҡын килеп һөйләһендәр: „Хөкөм өсөн бергә тупланайыҡ“. Көнсығыштан кем ҡотҡарыусыны алып килде? Кем уға хеҙмәт итергә әмер бирҙе? Халыҡтарҙы уның ихтыярына кем тапшыра? Кем батшаларҙы баш эйҙерә? Ҡылысы менән уларҙы саң-туҙанға әйләндерә, Уҡ-йәйәһе менән ел осорған һаламдай туҙҙыра. Ҡыуалар уларҙы, Һис кем аяҡ баҫмаған юлдан имен-аман алып барыр. Кем быларҙы ойошторҙо, бойомға ашырҙы? Башланмыштан алып быуын-быуынды донъяға саҡырыусы кем? Мин Раббы – беренсемен, Һуңғылар менән дә Мин буласаҡмын!» Яр буйҙары, быны күреп, ҡурҡты. Ерҙең сиктәре тетрәнде. Килеүселәр яҡынлашты. Һәр кем иптәшенә ярҙам итә, Туғанына: «Һин ныҡ тор!» – тип әйтә. Һөнәрсе иретеүсене ҡеүәтләй, Сүкеүсе һандалда тимер йәйеүсене дәртләндерә: «Яҡшы булды!» – тип маҡтай, Ҡыймылдамаһын өсөн ботто ҡаҙау менән нығыта. «Эй ҡолом Исраил, – ти Раббы. – Үҙем һайлап алған Яҡуп, Дуҫым Ибраһимдың тоҡомо! Мин һеҙҙе ер сиктәренән йыйып алдым, Иң алыҫ урындарынан саҡырҙым: „Һин Минең ҡолом, һине һайланым, Мин һине ситкә типмәнем“, – тип әйттем. Ҡурҡма, сөнки Мин һинең менәнмен; Ҡаушама, сөнки Мин һинең Аллаң. Һиңә ҡеүәт бирермен, ярҙам итермен. Еңеү ҡаҙанған уң ҡулым менән һиңә терәк булырмын. Һиңә асыу һаҡлағандар һәммәһе оятҡа ҡалыр, хур булыр. Һиңә ҡаршы сыҡҡандар һәләк булыр, юҡҡа сығыр. Эҙләрһең, дошмандарыңды таба алмаҫһың, Һинең менән көрәшкәндәр, Һиңә дошмандар тотош юҡ булыр. Сөнки һинең уң ҡулыңдан тотоп: „Ҡурҡма, һиңә ярҙам итәм“, – тигән Аллаң Раббы Мин. „Эй ер ҡорто булған Яҡуп нәҫеле; Эй Исраил халҡы, ҡурҡма! Мин һиңә ярҙам итермен, – тип белдерә Раббы, – Мин Исраилдың Изгеһе, Һинең Ҡотҡарыусыңмын. Бына, һине яңы, осло тешле ашлыҡ һуҡҡыс иттем, Һин тауҙарҙы сүкеп онтарһың, Түбәләрҙе кәбәккә әйләндерерһең. Һин уларҙы елгәрерһең, ел уларҙы алып китер, Дауыл тирә-яҡҡа таратыр; Шул саҡ Раббы ҡыуанысың булыр, Һин Исраилдың Изгеһе менән маҡтанырһың“. Ярлы-фәҡир менән мохтаждар, Һыу эҙләп тапмаған саҡта, Сарсауҙан телдәре ҡорор. Мин, Раббы, уларға яуап ҡайтарырмын, Мин, Исраил Аллаһы, уларҙы ташламам! Яланғас ҡалҡыулыҡтарҙан йылға ағыҙырмын, Далаларҙа шишмә сығарырмын, Сүлде – күлгә, ҡоро тупраҡты инешкә әйләндерермен. Сүлдә кедр, сәрүәр ағастары, Мирт һәм зәйтүн ултыртырмын; Далала кипарис, ҡарағай, Платан ағастарын бергә үҫтерермен. Кешеләр күрһен дә белһен, Бергә уйлап аңлаһындар – Быларҙы Раббы ҡулы эшләгән, Исраилдың Изгеһе булдырған». «Дәғүәгеҙҙе әйтегеҙ, – ти Раббы. – Дәлилдәрегеҙҙе килтерегеҙ, – ти Яҡуптың Батшаһы. – Ҡайҙа, боттарығыҙҙы алып килегеҙ, Беҙгә ниҙәр буласағын әйтеп бирһен; Булып үткәндәрҙе һөйләһендәр, Төшөнәйек, аҙағын беләйек, Беҙгә киләсәк тураһында хәбәр итһендәр. Эй боттар, бынан һуңға буласаҡты һөйләгеҙ, Беҙ һеҙҙең алла булғанығыҙҙы беләйек. Әйҙә берәй яҡшылыҡ йәки яуызлыҡ эшләгеҙ ҙә, Һәммәбеҙ ҙә ҡурҡыуға ҡалайыҡ! Әммә һеҙ бер ни ҙә түгел, Бер нәмә лә эшләй алмайһығыҙ; Һеҙҙе һайлап алған кеше ерәнгес. Мин төньяҡтан берәүҙе ҡуҙғаттым һәм ул килә; Көнсығыштан исемем менән саҡыра. Көршәксе балсыҡ баҫҡандай, Хакимдарҙы аяҡ аҫтына һалып тапай. Беҙ белһен өсөн был хаҡта Кемегеҙ алдан уҡ хәбәр итте? Беҙ: „Ул хаҡлы булған“, – тип әйтә алһын өсөн Был турала алдан уҡ белдерҙе? Әйтеүсе лә, иғлан итеүсе лә, Һүҙҙәрегеҙҙе ишетеүсе лә булманы. Сионға: „Бына нимәләр буласаҡ!“ – тип Беренсе булып Мин әйттем; Йәрүсәлимгә һөйөнсө белдереүсе ебәрҙем. Боттарға ҡарайым, Араларында кәңәш бирерлек береһе юҡ, Һораным, һис яуап ала алманым. Ҡара, һәммәһе лә бер ни түгел, Улар бер нәмә лә эшләй алмай. Кешеләрҙең яһаған боттары Ел һымаҡ, төптө буш ҡыуыҡ». «Бына, Минең яҡлай торған ҡолом, Уны Үҙем һайлап алдым! Күңелем уны хуш күрә; Уны Рухым менән һуғарҙым, Ул ҡәүемдәргә ғәҙел хөкөм килтерер. Ул ҡысҡырмаҫ, тауышын күтәрмәҫ, Урамдарҙа өнө-тыны ишетелмәҫ. Сатнаған ҡамышты ла һындырмаҫ, Быҫҡып торған филтәне лә һүндермәҫ; Ул тоғролоҡ менән ғәҙел хөкөм ҡылыр. Ер йөҙөндә ғәҙеллек урынлаштырғанға тиклем Һүнмәҫ тә, һынмаҫ та ул. Алыҫ ярҙар уның нәсихәтен көтә». Күктәрҙе бар ҡылған, киреп ҡуйған, Бөтә емеше менән ер йөҙөн йәйеп һалған, Донъялағы халыҡтарға һулыш, Унда йәшәгәндәргә һулыш биргән Раббы Алла былай ти: Мин – Раббы, был – Минең исемем! Шөһрәтемде башҡаларға, Үҙем лайыҡ булған маҡтауҙы боттарға бирмәм. Ҡарағыҙ, әүәл әйткәндәрем ғәмәлгә ашты. Инде хәҙер яңыларын иғлан итәм. Тормошҡа ашып өлгөрмәҫтән белдерәм». Эй диңгеҙҙә йөрөгәндәр һәм ундағы барса нәмә, Алыҫ ярҙар һәм уларҙың халҡы! Раббыға яңы йыр йырлағыҙ; Донъяның иң алыҫ ерҙәренән Уға маҡтау яуҙырығыҙ! Сүллек һәм сүллектәге ҡалалар, Ҡыдар халҡы йәшәгән төбәктәр геүләшһен. Селала йәшәүселәр тантана итһен, Тау түбәләренән ауаз һалһын. Һәммәһе лә Раббыны данлаһын, Уны яр буйындағы илдәр ҙә маҡтаһын! Бәһлеүәндәй сығыр Раббы, Яугир кеүек ғәйрәтләнер; Ҡысҡырып һуғыш ораны һалыр, Дошмандарына ҡөҙрәтен күрһәтер. «Күп замандар тауыш сығарманым, Түҙҙем, сабыр иттем. Инде тулғаҡ тотҡан ҡатын һымаҡ ҡысҡырам; Тыным бөтөп, йотлоғоп һулыш алам. Тауҙарҙы, ҡалҡыулыҡтарҙы ҡоротормон, Ундағы бар йәшеллек кибәсәк. Йылғаларҙы утрауҙарға әйләндерермен, Күлдәрҙе киптерермен. Һуҡырҙарҙы улар белмәгән юл менән алып китермен, Уларға таныш булмаған һуҡмаҡтарҙан йөрөтөрмөн. Алдарында ҡараңғыны яҡтылыҡҡа әйләндерәм, Суғырмаҡты тигеҙ итәм. Ошоларҙың барыһын да ғәмәл ҡылам, Әйткәнемде эшләмәйсә ҡалмам. Шул саҡ боттарға өмөтләнеүселәр, Ҡойолма илаһтарға: „Һеҙ – беҙҙең аллабыҙ“, – тиеүселәр, Хурлыҡҡа ҡалып ҡасыр». «Һаңғырауҙар, ишетегеҙ! Эй һуҡырҙар, ҡарағыҙ, күрегеҙ! Ҡолом ҡәҙәр бүтән һуҡыр бармы? Ебәргән илсем һымаҡ һаңғырау бармы? Мин һайлағандар шикелле һуҡыр бармы? Бармы һуҡыр Раббының ҡололай? Күп нәмәләр күрҙең, тик иғтибарға алманың; Ҡолағың асыҡ ине, тик ишетмәнең». Үҙенең хаҡлығын раҫлар өсөн Раббы Үҙ ҡанунын бөйөк һәм данлы итергә теләне. Әммә был халыҡ таланған һәм иҙелгән, Соҡорҙарға ырғытылған, зиндандарға бикләнгән. Табышҡа әйләнгәндәр, ҡотҡарыусы юҡ. Таланғандар, «Кире бир!» – тип әйтеүсе юҡ. Ҡайһығыҙ ошоға ҡолаҡ һалыр, Киләсәктә кем иғтибар менән тыңлар? Яҡуп нәҫелен, Исраилды талаусыға, Юлбаҫарҙар ҡулына кем тотторҙо? Раббы Үҙе түгелме ни? Сөнки Уға ҡаршы гонаһ ҡылдыҡ; Исраил халҡы Уның юлынан барырға теләмәне, Ҡанунына ҡолаҡ һалманы. Шуға күрә Ул өҫтәренә ялҡынлы асыуын, Һуғыш дәһшәтен түкте; Ут уларҙы солғап алды, Әммә улар аңламаны. Ялҡын яндырҙы, Тик улар төшөнөргә теләмәне. Инде иһә, эй Яҡуп, һине яратҡан, Эй Исраил, һине бар ҡылған Раббы былай ти: «Ҡурҡма, сөнки һине йолоп алдым, Һине исемләп саҡырҙым, һин – Минеке! Даръяларҙы аша сыҡҡаныңда – һинең менән булырмын; Йылғаларҙы кискәнеңдә, һыуҙар һине батырмаҫ; Ут эсенән йөрөгәндә янмаҫһың – Ялҡын һине һәләк итмәҫ. Сөнки Мин – һинең Аллаң Раббымын, Исраилдың Изгеһемен, Һинең Ҡотҡарыусыңмын. Һинең өсөн йолом итеп Мысырҙы бирҙем; Куш менән Севаны түләнем. Минең өсөн ғәзиз һәм ҡәҙерле булғанға, Һине яратҡанға күрә, Һинең урыныңа башҡа кешеләрҙе, Йәнең өсөн бүтән өммәттәрҙе бирәсәкмен. Ҡурҡма, Мин һинең менән! Тоҡомоңдо көнсығыштан алып килермен, Һеҙҙе көнбайыштан йыйып алырмын. Төньяҡҡа: „Бир уларҙы!“ Көньяҡҡа: „Тотма уларҙы, – тип әйтермен. – Улдарымды алыҫтан, Ҡыҙҙарымды ерҙең сигенән килтер, – тиермен. – Исемем менән саҡырған һәр кешене, Үҙ даным өсөн Үҙем яратҡан, Үҙем бар ҡылған һәм рәүеш биргән Һәр кешене кире килтер!“ – тиермен. Күҙҙәре булһа ла һуҡыр, Ҡолаҡтары булһа ла һаңғырау, халыҡты килтер! Бөтә ҡәүемдәр бергә тупланһын, Өмәттәр бергә йыйылһын! Араларынан кем элек булғандарҙы әйтеп биргән? Әле булмағандарҙы алдан белдергән? Шаһиттарын саҡырһын, хаҡлығын иҫбатлаһын, Аҡланһындар, уларҙы тыңлап, Башҡалар ишетеп: „Был дөрөҫ!“ – тип әйтһен». «Һеҙ Минең шаһиттарым, – тип белдерә Раббы, – Үҙем һайлап алған ҡолдарым, Һеҙ Мине танып белһен, Миңә ышанһын, тип, Берҙән-бер Алла Мин икәнлегемде белһен, тип Һеҙҙе һайлап алдым. Миңә тиклем бүтән аллалар булманы, Минән һуң да булмаясаҡ! Мин, бары Мин генә – Раббы, Минән башҡа Ҡотҡарыусы юҡ. Мин Үҙем әйттем, ҡотҡарҙым. Шул турала иғлан иткән – Мин ул, Арағыҙҙа башҡа аллалар юҡ ине. Һеҙ – Минең шаһиттарым, – тип белдерә Раббы. – Мин – Алла! Мин – борондан бирле Алламын, Минең ҡулдан бер кем ҡотҡара алмаҫ! Мин эшләгәндә, кем Миңә ҡамасаулар?» Һеҙҙе йолоп алған Раббы, Исраилдың Изгеһе былай ти: «Һеҙҙең хаҡҡа Мин Бабилға сиреү ебәрәм, Барыһын да ҡасаҡ итәм, Кәмәләре менән маҡтанған халдейҙарҙы иңрәтәм. Мин – Раббы, һеҙҙең изге Аллағыҙ, Исраилды Бар ҡылған һеҙҙең Батшағыҙ!» «Һеҙ элек булғандарҙы иҫегеҙгә алмағыҙ, Әүәлгеләр тураһында уйламағыҙ. Бына Мин яңы бер ғәмәл ҡылам! Ул хәҙер үк башланыр. Һеҙ шуны аңламаҫһығыҙмы? Мин сүлдә юл һалам, Ҡоро ерҙә йылғалар ағыҙам. Ҡырағай йәнлектәр, сүл бүреләре һәм дөйәғоштар Мине данлар, Сөнки, һайлап алған халҡымды һуғарыр өсөн, Сүлгә һыу, ҡыу далаға йылғалар бирәм. Был халыҡты Мин Үҙем өсөн бар ҡылдым, Улар Миңә маҡтау йырлар. Ә һин, Яҡуп, Мине саҡырманың, Һин Минән ауырһындың, Исраил! Тотош яндырыу ҡорбаны итеп, Һин Миңә һарыҡтар килтермәнең, Ҡорбандарың менән Миңә хөрмәт күрһәтмәнең. Мин өҫтөңә ҡыйынлыҡ һалманым – Икмәк саҙаҡалары талап итмәнем, Хуш еҫ ҡорбандары таптырып йонсотманым. Минең өсөн хуш еҫле ҡамыш һатып алманың, Ҡорбандарыңдың эс майы менән Мине һыйламаның. Киреһенсә, Миңә гонаһтарыңды йөкмәттең, Ғәйептәрең менән йонсоттоң. Мин, Мин Үҙем, Үҙемдең хаҡыма Енәйәттәреңде юйып ташлайым, Гонаһтарыңды башҡаса иҫкә алмам. Дәғүәңде иҫемә төшөр, хөкөмләшәйек; Үҙеңдең хаҡлығыңды иҫбат ит, һөйлә! Һинең тәү бабаң гонаһ ҡылды, Аралашсыларың Миңә ҡаршы баш күтәрҙе. Шуға ла Мин Изге йорттоң башлыҡтарын харам ҡылдым, Яҡупты – һәләкәткә, Исраилды хурлыҡҡа дусар иттем. Инде тыңла, ҡолом Яҡуп, Мин һайлап алған Исраил, ҡолаҡ һал! Һине яратҡан, Әсә ҡарынында рәүеш биргән, Һинең ярҙамсың булған Раббы былай ти: „Ҡурҡма, эй ҡолом Яҡуп, Үҙем һайлап алған Йешурун! Сарсаған тупраҡты һуғарырмын, Ҡоро ерҙә шишмәләр ағыҙырмын; Тоҡомоңа Рухымды түгермен, Затыңа фатихамды яуҙырырмын. Улар үлән араһында, Ағын һыу буйында үҫкән Тирәк һымаҡ тамыр йәйер. Ҡайһылары: ‘Мин – Раббыныҡы’, – тип әйтер; Икенселәр Яҡуп исеме менән аталыр; Берәүҙәре ҡулдарына: ‘Раббыныҡы’, – тип яҙыр ҙа Исраил исемен алыр“». Исраил Батшаһы Раббы, уны Йолоп алыусы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Мин – беренсе һәм дә һуңғыһымын, Минән башҡа алла юҡ! Минең кеүек кем бар? Әйтеп бирһен, Боронғо халыҡты яратҡанымдан алып Ниҙәр булғаның бәйнә-бәйнә һөйләһен, Киләсәктә нимә булырын алдан белдерһен. Дәһшәткә төшмәгеҙ, ҡурҡмағыҙ: Мин быларҙы борондан уҡ һеҙгә белдермәнемме ни? Һеҙ – Минең шаһиттарым. Минән башҡа алла бармы? Башҡа Ҡая юҡ; Мин бүтәнде белмәйем!» Бот яһаусылар – бөтәһе лә буш бәндәләр, Яратҡан боттары һис файҙа килтермәй, Боттар, уларҙың шаһиттары, Бер нәмә лә күрмәй ҙә, аңламай ҙа, Шуға күрә хурлыҡҡа ҡалырҙар. Кем бер файҙаһыҙ илаһ яһай, бот ҡоя һуң? Һындарға табыныусылар барыһы ла оятҡа ҡаласаҡ, Оҫталар бит үҙҙәре лә кеше; Әйҙә бөтәһе бергә йыйылып баҫһын – Ҡурҡыуға ҡалып, хурлыҡҡа батасаҡтар. Тимерсе, ҡыҫҡысын алып, Тимерҙе ҡуҙҙың өҫтөндә тота, Сүкеш менән туҡмап эшкәртә, Көслө ҡулы менән уны яһай, Асыға, хәлдән тая, һыу эсмәй сарсай. Балта оҫтаһы ағасты еп менән үлсәй, Осло ҡорал менән һыҙып сыға, Ырып һырлай һәм күркәм кеше ҡиәфәтендә Изге урынға ҡуйыр өсөн бер бот яһай. Кеше үҙенә кедр ағасы ҡырҡып ала; Урмандағы башҡа ағастар араһынан Кипарис йәки имәнде һайлап ҡалдыра. Ҡарағай ултырта, ә ямғыр уны үҫтерә. Шунан ағасты утын итеп тотона. Кеше уның бер өлөшөн яғып йылына, икмәк бешерә. Икенсеһенән берәй илаһ яһап табына, Үҙе яһаған бот ҡаршыһында Йөҙтүбән ергә ҡаплана. Утындың бер өлөшөн яндыра, Ит бешереп тамағын туйҙыра. Йылыһына рәхәтләнеп: «Йылындым, ялҡындың ҡыҙыуын тойҙом», – ти. Ҡалған ағастан үҙенә илаһ, Уйып бот яһап ала ла, Ергә ҡапланып, уға табына: «Мине ҡотҡар, һин бит минең илаһым», – тип доға уҡый. Был кешеләр белмәй, аңламайҙар, Сөнки күҙҙәре лә, зиһендәре лә томаланған – Күрмәйҙәр, фекер йөрөтә белмәйҙәр. Арала береһенең дә: «Утындың яртыһын яндырҙым, Ҡуҙында икмәк бешерҙем, ит ҡурып ашаным. Ҡалғанынан ерәнгес бер нәмә яһап, Бер утын ағасына сәждә ҡылайыммы?» – тип уйларға башы етмәй. Был көл ашау һымаҡ буш эш. Алданған йөрәге уны аҙаштыра, Ул үҙен ҡотҡара алмаҫ. «Уң ҡулымдағы был нәмә Алдатҡыс түгелме?» – тимәҫтәр. «Эй Яҡуп, быларҙы иҫеңдә тот. Иҫеңдә тот, Исраил, сөнки һин – Минең ҡолом! Мин бар ҡылдым һине, һин – Минең ҡолом; Мин һине онотмам, Исраил! Енәйәттәреңде – томан, Гонаһтарыңды болот һымаҡ тараттым. Миңә ҡайт, сөнки Мин һине йолоп алдым», – ти Раббы. Эй күктәр, шатланып гөрләшегеҙ, Сөнки быны Раббы эшләне. Ҡыуанығыҙ, ер тәрәнлектәре, Тауҙар, урмандар, ундағы һәр бер ағас, Шатланып шаулағыҙ, Сөнки Раббы Яҡуп нәҫелен йолоп алды, Исраилда шөһрәтен күрһәтте. Һине йолоп алған, Әсә ҡарынында рәүеш биргән Раббы былай ти: «Мин – Раббы, бөтә нәмәне Яратыусы, Бер яңғыҙым күкте кирҙем, Бер ярҙамсыһыҙ ерҙе түшәнем, Ялған пәйғәмбәрҙәр әйткән билдәләрҙе бушҡа сығарам, Күрәҙәселәрҙең алйотлоғон фашлайым, Аҡыл эйәләрен еңеп сығам, Белемдәрен иҫәрлеккә әйләндерәм; Үҙ ҡоломдоң һүҙҙәрен раҫлайым, Илселәрем әйткәнде бойомға ашырам, Йәрүсәлимгә: „Тиҙҙән бында халыҡ йәшәйәсәк“, Йәһүҙә ҡалаларына: „Һеҙ яңынан төҙөләсәкһегеҙ, Емеректәрегеҙ аяҡҡа баҫтырыласаҡ“, – тип әйтәм; Тәрән һыуҙарға: „Кибегеҙ! Мин йылғаларығыҙҙы ҡоротам!“ – тип бойорам. Кир хаҡында: „Ул – минең көтөүсем, Ихтыярымды бойомға ашырыр“, Йәрүсәлимгә: „Яңынан төҙөләсәкһең!“ Ҡорамға: „Ҡабат ҡороласаҡһың!“ – тип әйтәм». Раббы әйтә: «Мин Кирҙы уң ҡулынан тотоп торам. Халыҡтарҙы уға буйһондорор өсөн, Батшаларҙы ҡоралһыҙландырам. Уның алдында ишектәр асыҡ тора, Ҡапҡалар ябылмай». Раббы Үҙе мәсехләгән кешегә – Кирға былай ти: «Мин Үҙем һинең алдыңдан барырмын, Тауҙарҙы тигеҙлеккә әйләндерермен, Баҡыр ишектәрҙе емерермен, Тимер биктәрҙе ватырмын. Ҡараңғыла һаҡланған хазиналарҙы, Йәшерелгән зиннәттәрҙе һиңә бирермен. Шунда Минең, исемеңде әйтеп, һиңә өндәшкәндең – Раббы, Исраилдың Аллаһы икәнемде белерһең. Һин Мине танымаһаң да, Ҡолом Яҡуптың нәҫеле, Үҙем һайлап алған Исраил хаҡына, Исемең менән саҡырып, хөрмәт күрһәттем. Мин – Раббы, башҡаһы юҡ; Минән башҡа аллалар юҡ. Һин Мине танымаһаң да, Мин һине көслө итермен. Көнсығыштан көнбайышҡа тиклем Минән башҡа юҡ икәнде һәр кем белһен. Раббы Мин, башҡаһы юҡ. Мин яҡтылыҡты бар ҡылам, ҡараңғылыҡты яһайым; Именлек алып киләм, афәт күндерәм – Ошоларҙың барыһын эшләгән Раббы Мин. Эй күк, юғарынан ғәҙеллек түк – Болоттарҙан ямғыр һымаҡ яуһын. Ер асылһын да ҡотолоу ҡалҡып сыҡһын, Уның менән бергә хаҡлыҡ шытып үҫһен. Ошоларҙың бөтәһен дә бар ҡылған Раббы Мин». Үҙен Бар ҡылған менән әрепләшкәндең башына ҡайғы! Көршәк ватыҡтары араһында үҙе лә көршәк ярсығы булғанға ҡайғы! Көршәксегә балсыҡ: «Һин нимә яһайһың?» – тип әйтерме? Үҙ ҡулыңдың эше: «Ҡайһылай килбәтһеҙһең!» – тиерме? Атаһына: «Һин кемде донъяға килтерәһең?», Әсәһенә: «Һин кемде тыуҙыраһың?» – тигәнгә ҡайғы! Исраилдың Изгеһе, Уны бар ҡылған Раббы былай ти: «Һеҙгәме Минең балаларымдың Киләсәге хаҡында һорау бирергә? Үҙ ҡулдарымдың ижады тураһында Һеҙме Миңә күрһәтмәләр бирерһегеҙ? Ерҙе Мин яраттым, Унда йәшәгән кешене лә Мин бар ҡылдым; Минең ҡулдар күктәрҙе түшәне. Күк йөҙөндәге барлыҡ есемдәр Минең әмеремә буйһона. Кирҙы Үҙемдең ғәҙел ниәтем менән күтәрҙем. Мин уның бөтә юлдарын тигеҙләйәсәкмен. Ул Минең ҡаламды төҙөйәсәк, Һөргөндәге кешеләремде Түләүһеҙ һәм ришүәтһеҙ азат итәсәк». Күк ғәскәрҙәре Раббыһы шулай ти. Раббы былай ти: «Мысырҙың бөтә байлығы, Куштың табышы, Оҙон буйлы Сева кешеләре һиңә килер, ҡолоң булыр. Бығауланып артыңдан эйәрер, Ҡаршыңда ергә ҡапланып: „Алла бары һинең менән генә, Башҡа Алла юҡ“, – тип ялбарыр». Ысынлап та, Һин Үҙеңде йәшергән Аллаһың, Исраил Аллаһы, Ҡотҡарыусы! Бот яһағандар оятҡа ҡалыр, мәсхәрәгә батыр. Хурлыҡҡа төшөп, бөтәһе бергә китер. Ә Исраилды Раббы ҡотҡарыр. Был ҡотолоу мәңгелеккә булыр. Быуаттар буйы Исраил хур булмаҫ, оятҡа ҡалмаҫ. Сөнки күктәрҙе яратҡан Раббы, Ерҙе әүәләгән, яһаған, нығытҡан, Буш ҡалмаһын, унда йәшәһендәр тигән Алла әйтә: «Мин Раббы, башҡаһы юҡ! Мин йәшерен генә, ҡараңғы урында тороп һөйләмәнем, Яҡуп тоҡомона: „Мине буш урындарҙа эҙләгеҙ!“ – тимәнем. Хәҡиҡәтте һөйләгән, Дөрөҫлөктө асҡан Раббы Мин. Ҡәүемдәрҙең иҫән ҡалғандары, Йыйылығыҙ, яҡыныраҡ килегеҙ! Ағас боттарын йөкмәгән, Ҡотҡара алмаған илаһҡа доға ҡылғандар Бер нәмә лә белмәй. Әйтегеҙ, дәлилдәр килтерегеҙ, Бергә кәңәшләшеп һөйләгеҙ: Быларҙы борондан уҡ кем әйтеп бирҙе, Әллә ҡасандан уҡ кем белдерҙе? Мин, Раббы, әйтмәнемме ни? Минән башҡа аллалар юҡ, Мин ғәҙел һәм ҡотҡарыусы Алла. Минән башҡа берәү ҙә юҡ. Эй донъяның һәр тарафы, Миңә боролоғоҙ – ҡотҡарылырһығыҙ. Сөнки Алла Мин һәм башҡаһы юҡ! Мин Үҙемдең барлығым менән ант итәм, Ауыҙымдан сыҡҡан һүҙ ғәҙел, ул бушҡа сыҡмаҫ: „Минең алда һәр кем теҙ сүгәсәк, Һәр тел Минең исемем менән ант итәсәк!“ Минең хаҡта былай тиерҙәр: „Хаҡлыҡ менән ҡеүәт бары тик Раббыла ғына“». Уға ҡаршы асыу һаҡлағандар, Алдына килеп, оятҡа ҡалып торор. Бөтә Исраил нәҫеле Раббы арҡаһында аҡланыр һәм дан ҡаҙаныр! Илаһ Бел теҙ сүкте, илаһ Нево эйелде. Уларҙың һындары үгеҙҙәргә, Йөк ташыусы хайуандарға тейәлде; Был әйберҙәрегеҙҙе элек үҙегеҙ күтәрһәгеҙ, Бөгөн улар арыған малдарға йөк булды. Барыһы бергә буйһондо, теҙ сүкте, Улар инде йөктө ҡотҡара алманы, Үҙҙәре иһә әсирлеккә төштө. «Ҡолаҡ һал Миңә, эй Яҡуп нәҫеле, Исраил халҡының иҫән ҡалғандары! Әсә ҡарынында сағығыҙҙан һеҙҙе ҡурсаланым, Тыуғанығыҙҙан бирле күтәреп йөрөттөм. Һеҙ ҡартайғансы Мин шул булырмын, Сәсегеҙ ағарғансы йөкмәп йөрөрмөн. Үҙем яраттым, Үҙем күтәрәм, Үҙем һине күтәрәм, Үҙем ҡотҡарам. Мине кемгә оҡшатырһығыҙ? Кем менән сағыштырырһығыҙ? Оҡшашлыҡ табып, кемгә тиңләрһегеҙ һуң? Янсыҡтан алтын алалар, Бизмәндә көмөш үлсәтеп, көмөшсө яллайҙар, Илаһ ҡойҙоралар. Шунан, алдына ҡапланып, табыналар. Уны яурындарында күтәреп йөрөтәләр, Урынына илтеп ҡуялар. Ул шунда ҡуҙғалмай баҫып тора. Ялыналар – ул яуап ҡайтармай, Бер бәләнән дә ҡотҡармай. Эй фетнәселәр, хәтерегеҙҙә тотоғоҙ, Күңелдә йөрөтөгөҙ, башығыҙҙан сығармағыҙ! Әүәлдән, борон-борондан булғандарҙы иҫкә төшөрөгөҙ, Алла – Мин һәм башҡаһы юҡ, Мин Алла, Минең һымаҡ юҡ. Баштан уҡ ахырҙа ниҙәр булырын һөйләп киләм; Борон замандарҙан алып Ни булырын алдан белдерәм: „Ниәтемде ғәмәл итәм, Нимә теләйем – бойомға ашырам“, – тип әйтеүсе Мин. Көнсығыштан йыртҡыс ҡошто, Алыҫ илдән ниәтемде тормошҡа ашырыусыны саҡырҙым. Мин әйттемме – һүҙемде мотлаҡ еренә еткерәм, Ниәтләнемме – ғәмәлгә ашырам! Күңелдәре ҡаты, тоғролоҡтан алыҫ торғандар, Тыңлағыҙ Мине! Бына Мин хаҡлыҡ алып киләм, ул инде алыҫ түгел, Минең ҡотҡарыуым оҙаҡламаҫ. Сионға – ҡотолоу, Исраилға шөһрәтемде бүләк итәм». «Эй ғиффәтле Бабил-ҡыҙ, Урыныңдан төш, тупраҡҡа ултыр. Халдей ҡыҙы, тәхетең юҡ, ергә ултыр! Бынан ары һине наҙлы, нәфис тип әйтмәҫтәр. Тирмән ташы ал да он тарт; Бөркәнсегеңде сис, итәгеңде ҡыҫтыр, Балтырҙарыңды ас, йылғалар кис. Яланғас тәнең асылыр, оят ерҙәрең күренер. Үс аласаҡмын, бер кемде лә ҡыҙғанмаясаҡмын». Беҙҙең Ҡотҡарыусыбыҙ – Исраилдың Изгеһе, Уның исеме – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы! Раббы былай ти: «Халдей ҡыҙы, Ҡараңғыға олаҡ та шым ғына ултыр. Сөнки бынан ары һине „Батшалыҡтар хакимәһе“ тип йөрөтмәҫтәр. Үҙ халҡыма асыуландым, Уны, биләмәмде, хурлыҡҡа ҡалдырып, һиңә бирҙем. Ә һин уларға мәрхәмәт күрһәтмәнең, Хатта ҡарттарға ҡалып кейҙерҙең. „Мин мәңге хакимә буласаҡмын“, – тип әйттең, Әммә быларҙың нимә менән тамамланасағын Уйлап ҡараманың, башыңа ла килтермәнең. Гел рәхәттә аман йәшәгән ҡыҙ, Эсеңдән генә: „Мин генә, минән башҡаһы юҡ; Бер ваҡытта ла тол ҡалмам, бала ҡайғыһы күрмәм“, – тигәйнең. Хәҙер инде тыңла. Был ике бәлә бер көндә, Көтмәгәндә башыңа төшәсәк: Сихырҙарыңа, ҡеүәтле тылсымыңа ҡарамаҫтан, Бала ҡайғыһы татырһың, тол ҡалырһың. Яуызлығыңа таяндың; „Мине һис кем күрмәй“, – тинең. Һине аҡылың менән белемең юлдан яҙҙырҙы. „Мин генә, минән башҡа юҡ“, – тип уйланың. Бәлә килер – арбай алмаҫһың, Ҡаза төшөр – ҡыуа белмәҫһең. Ҡапыл әле уйыңда ла булмаған һәләкәткә юлығырһың. Әйҙә, йәш сағыңдан шөғөлләнгән Сихырҙарың менән маташ, Әпсен-төпсөндәреңде ташлама, Бәлки берәй нәмәгә һин ирешерһең, Бәлки берәйһен ҡурҡыта алырһың. Кәңәштәрҙән йонсоп бөттөң инде. Әйҙә, күкте күҙәтеүселәр һәм йондоҙсолар, Яңы айға ҡарап юраусылар килеп, Башыңа төшкән ҡазаларҙан ҡотҡарһын. Ана, улар һалам кеүек: Ут уларҙы яндырып юҡ итер. Үҙҙәрен дә ялҡындан ҡотҡара алмаҫтар. Йылынырлыҡ ҡуҙ түгел был, Алдында ултырырлыҡ ут түгел. Кемдәр менән йәштән бергә эшләнең, сауҙа ҡорҙоң, Һәммәһе лә үҙ юлына китер, һине ҡотҡарыусы булмаҫ». Тыңлағыҙ, эй Яҡуп йорто, Исраил исеме менән аталғандар, Йәһүҙәнең орлоғонан таралғандар! Раббы исеме менән ант итәһегеҙ, Исраил Аллаһын саҡыраһығыҙ, Әммә тоғролоҡ һәм тәҡүәлектән алыҫһығыҙ. Үҙегеҙҙе изге ҡала исеме менән йөрөтәһегеҙ, Исраил Аллаһына таянаһығыҙ. Уның исеме – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы! «Булып үткәндәр хаҡында Мин алдан уҡ әйтеп ҡуйған инем, Ул һүҙҙәр Минең ауыҙымдан сыҡты, Мин иғлан иттем һәм бойомға ашырҙым, Барыһын да ҡапыл эшләнем. Тиҫкәре икәнеңде, муйыныңдың – тимер, Маңлайыңдың баҡыр булғанын белгәнгә күрә, Быларҙы Мин һеҙгә алдан уҡ белдерә килдем, Һуңынан һин: „Быларҙы минең ботом эшләне. Ағастан яһалған, ҡойолған һындарым шулай тип бойорҙо!“ – тип Әйтмәһен өсөн, булмаҫтан элек иғлан иттем. Был хаҡта һин ишеткәйнең – инде ҡара уларҙың барыһын! Инде лә бының хаҡлығын танымайһыңмы? Ошо мәлдән алып һеҙгә яңы нәмәләр, Һин белмәгән йәшерен нәмәләр хаҡында белдерәм. Улар әллә ҡасан түгел, яңы ғына яралдылар, Уны һин бөгөнгәсә белмәнең, „Мин быларҙы белә инем“, – тип әйтә алмайһың. Һин ишетмәнең дә, белмәнең дә. Әүәлдән ҡолағың томаланған. Мин һинең хыянатсыл икәнеңде беләм; Әсә ҡарынында саҡтан фетнәсе тип аталғанһың. Исемем хаҡына асыуымды кисектерә киләм. Шөһрәтем хаҡына һиңә сабыр булдым, Юғиһә юҡ итер инем. Бына һине утта иретеп таҙарттым, Ләкин көмөш кеүек түгел, Ә ғазап усағында һынаным. Быны бары Үҙем өсөн, Тик Үҙем өсөн генә эшләйем, Сөнки ни өсөн исемем оятҡа ҡалырға тейеш? Шөһрәтемде һис кемгә лә бирмәм. Эй Яҡуп нәҫеле, Үҙем һайлап алған Исраил, тыңла Мине! Был – Мин! Мин – беренсеһе һәм дә һуңғыһымын! Минең ҡулым ерҙең нигеҙҙәрен ҡорҙо, Уң ҡулым күктәрҙе киреп ҡуйҙы. Мин саҡырыуға улар бергәләп тороп баҫыр. Һәммәгеҙ йыйылығыҙ, тыңлағыҙ! Боттарығыҙҙың ҡайһыһы ошоларҙы алдан әйтеп бирҙе? Раббының яратҡан кешеһе Бабилда Уның ихтыярын бойомға ашырыр, Раббының көсөн халдейҙарға ҡаршы ҡулланыр. Мин, эйе, Мин әйттем, Уны Мин саҡырҙым. Мин килтерҙем, уның юлы уңышлы буласаҡ. Миңә яҡынлағыҙ, быны тыңлағыҙ! Мин баштан уҡ йәшереп һөйләмәнем, Был башланғандан алып Мин унда булдым». «Инде Раббы Хаким мине һәм Үҙенең Рухын ебәрҙе». Раббы, Ҡотҡарыусың, Исраилдың Изгеһе былай ти: «Мин – Раббы, һинең Аллаң, Һиңә файҙа булғанды өйрәтеүсемен, Бараһы юлыңда етәкләйем. Бойороҡтарымды тыңлаһаң икән! Ул саҡта именлегегеҙ – йылға, Бәрәкәтегеҙ диңгеҙ тулҡыны һымаҡ булыр ине. Тоҡомоғоҙ – ҡом һымаҡ күп, Балаларығыҙ ҡом бөртөгө кеүек хисапһыҙ булыр; Исемдәре онотолмаҫ, Минең хозурымдан юҡҡа сыҡмаҫ ине». Бабилдан сығығыҙ, халдейҙар еренән ҡасығыҙ. Был хәбәрҙе һөйөнөс ауаздары менән иғлан итегеҙ, Һөйләгеҙ, донъяның һәр тарафына еткерегеҙ. «Раббы Үҙенең ҡоло Яҡупты йолоп алды», – тип әйтегеҙ. Сүллектән алып сыҡҡанда, һыуһыҙ интекмәнеләр; Улар өсөн ҡаянан һыуҙар ағыҙҙы; Ҡая ярҙы, унан һыу атылып сыҡты. «Залимдарға иһә именлек юҡ», – ти Раббы. Эй диңгеҙ ярҙары, тыңлағыҙ мине! Алыҫ илдәрҙәге халыҡтар, яҡшылап ҡолаҡ һалығыҙ! Раббы мине әсәм ҡарынында сағымдан саҡырҙы, Мин тыумаҫтан алда исемем менән өндәште. Телемде үткер ҡылыстай итте. Ҡулының күләгәһе менән мине ҡапланы. Ул мине, осло уҡ итеп, үҙ һаҙағында һаҡланы. Ул миңә: «Һин – Минең ҡолом, Исраил, Һинең аша шөһрәт ҡаҙанырмын», – тине. Ә мин: «Юҡҡа ғына тырышҡанмын, Көсөмдө бушҡа түккәнмен, – тинем. – Әммә мин Раббы хөкөмөндәмен, Әжерем – Раббы ҡулында». Яҡуп нәҫелен Үҙенә кире ҡайтарыр, Исраилды Үҙ янында туплар өсөн, Раббы мине әсәм ҡарынында уҡ Үҙ ҡоло итеп яратты. Уның күҙендә шөһрәт ҡаҙандым, Аллам минең көс-ҡөҙрөтем булды. Инде Ул былай ти: «Яҡуп ырыуҙарын аяҡҡа баҫтырыу, Иҫән ҡалған исраилдарҙы ҡайтарыу өсөн, Ҡолом булыуың ғына етмәгән, Ҡотҡарыуым ер йөҙөнөң Иң алыҫ төбәктәренә барып етһен тип, Һине халыҡтар өсөн яҡтылыҡ сығанағы итәсәкмен». Кешеләр тарафынан хурланған, Ҡәүемдәрҙән ситкә тибәрелгән, Хакимдарҙың ҡоло булған затҡа Исраилдың Ҡотҡарыусыһы, Изге Аллаһы Раббы былай ти: «Тоғро Раббы хаҡына, Һине һайлап алған Исраилдың Изгеһе хаҡына батшалар Һине күреп аяғүрә баҫыр, Түрәләр алдыңда йөҙтүбән ергә ҡапланыр». Раббы былай ти: «Хуш күргән ваҡытымда һиңә яуап ҡайтарҙым, Ҡотҡарыу көнөндә ярҙам иттем. Илде аяҡҡа баҫтырыу, Ташландыҡ биләмәләрҙе хужаларына кире ҡайтарыу өсөн Мин һине ҡурсалармын, Һин – халҡым менән төҙөгән килешеүемдең билдәһе булырһың. Тотҡондарға: „Сығығыҙ“, Ҡараңғыла ултырғандарға: „Күренегеҙ“, – тип әйтерһең. Улар юл буйы туйынып килер, Хатта яланғас ҡалҡыулыҡтарҙа утлау табыр. Улар асыҡмаҫ һәм һыуһамаҫтар, Ҡояш һуҡмаҫ, эҫе ҡапмаҫ уларға. Сөнки Мәрхәмәт эйәһе юл күрһәтер, Шишмәләргә алып килер. Бөтә тауҙарымды юлға әйләндерәм, Оло юлдарымды күтәртәм. Бына халҡым йыраҡтарҙан, Кем төньяҡтан, кем көнбайыштан, Ҡайһыһы Синимдан килеп етер. Һөйөн, эй күк; ҡыуан, эй ер йөҙө! Тауҙар гөрләшеп тантана итһен! Сөнки Раббы халҡына йыуаныс бирҙе, Ғазап сиккәндәргә мәрхәмәт ҡылды». Ә Сион: «Раббы мине ташланы, Бөйөк Хакимым онотто мине!» – тине. Раббы иһә: «Әсә имеҙгән сабыйын онотамы һуң? – тине. – Йөрәк түренән сыҡҡан балаһын йәлләмәйме? Хатта әсә үҙ балаһын онота ҡалһа ла, Мин һине бер ваҡытта ла онотмам. Ҡара, исемеңде Үҙемдең усыма яҙҙым. Диуарҙарың һәр саҡ күҙ алдымда. Уландарың ашығып һиңә килер, Ә талаусылар, емереүселәр сығып ҡасыр. Башыңды күтәр, тирә-яғыңа ҡара: Барыһы йыйылып һиңә килә. Мин Раббы, барлығым менән ант итеп белдерәм: Һин уларҙы затлы биҙәүес һымаҡ тағырһың, Кәләш һымаҡ улар менән биҙәнерһең. Харабаға әйләнеп, бушап ҡалғайның, Илең тотош таланғайны. Әммә, Сион, халҡың өсөн ерҙәрең тар булыр, Һине харап иткәндәр алыҫҡа ҡасыр. Әле ишетерһең, әсирлектә тыуған балаларың: „Бында беҙҙең өсөн бик тар, Иркенләп йәшәргә урын бир“, – тип әйтер. Шул ваҡыт эсеңдән генә: „Быларҙы минең өсөн кем тыуҙырҙы? Мин бит балаһыҙ ҡалғайным, түлһеҙ инем. Һөргөнгә ҡыуылдым, алыҫҡа быраҡтырылдым. Кем үҫтергән һуң уларҙы? Япа-яңғыҙ ҡалғайным бит, Ҡайҙан килгәндәр һуң улар?“ – тип әйтерһең». Раббы Хаким былай ти: «Бына Мин ҡулымды һуҙып, ҡәүемдәргә ишара бирермен, Халыҡтарға байрағымды күтәрермен. Улар һинең улдарыңды – ҡосаҡтарында, Ҡыҙҙарыңды яурындарында килтерер. Батшалар – һине аҫрауға алған ата, Батшабикәләр һөт әсәһе булыр. Баштары ергә тейерҙәй булып, алдыңда эйелерҙәр, Аяғыңдың туҙанын яларҙар. Шул саҡ Минең Раббы булғанымды аңларһың. Миңә өмөт бағлағандар оятҡа ҡалмаҫ». Мәгәр көслөнөң ҡулынан яумалын, Залимдан тотҡондарҙы тартып алып буламы? «Эйе, – ти Раббы. – Көслөнөң ҡулындағы тотҡондар азат ителәсәк. Залимдың ҡулынан яумалы тартып алынасаҡ. Һинең менән алышҡандар менән Мин алышырмын, Балаларыңды Мин ҡотҡарырмын! Һине йәберләгәндәргә Үҙҙәренең тәнендәге итен ашатырмын. Улар шарап эскән кеүек үҙ ҡанынан иҫерер. Шул сағында бар кешеләргә лә мәғлүм булыр: Мин – Раббы, һинең Ҡотҡарыусың, Йолоп алыусың, Яҡуптың ҡөҙрәтле Аллаһы Мин». Раббы былай ти: «Мин ҡыуып ебәргән әсәгеҙҙең айырылышыу ҡағыҙы бармы әллә? Йәки Мин һеҙҙе берәйһенә бурысымды ҡайтарыр өсөн һатып ебәрҙемме? Юҡ, һеҙ гонаһтарығыҙ өсөн һатылдығыҙ, Әсәйегеҙ һеҙҙең енәйәтегеҙ арҡаһында ҡыуылды. Мин килгәндә ниңә бер кем дә юҡ ине? Мин саҡырғанда ни өсөн һис кем яуап ҡайтарманы? Һеҙҙе йолоп алыр өсөн әллә ҡулым ҡыҫҡарҙымы? Ҡотҡарыр өсөн көсөм етмәйме? Минең асыуым диңгеҙ киптерә, Йылғалар сүлгә әйләнә; Һыу бөткәс, балыҡтар серей, һыуһыҙлыҡтан үлә. Мин күккә ҡараңғылыҡ япмаһы ябам, Хәсрәт кейеме кейҙерәм». Хәлдән тайғанға һүҙем менән таяныс булһын тип, Раббы Хаким миңә аҡыл эйәләренең телен бирҙе. Мин уҡыусы һымаҡ тыңлаһын тип, Һәр иртә һайын ҡолағымды уята. Раббы Хаким ҡолағымды асты, Ҡаршылашманым, артҡа сикмәнем. Туҡмағандарға – арҡамды, Һаҡалымды йолҡҡандарға яңағымды ҡуйҙым; Битәрҙән һәм төкөрөктән битемде ҡапламаным. Раббы Хаким ярҙам итә миңә, Шуға күрә хурлыҡ миңә ҡағылманы; Йөҙөмдө саҡматаш һымаҡ иттем, Сөнки беләм: мәсхәрәгә ҡалмам. Мине хаҡҡа сығарыусы яҡыная. Кем минең менән дәғүәләшергә теләй? Күҙмә-күҙ ҡарашып баҫһын. Кем ғәйепләүсе? Яныма килһен! Раббы Хакимым Үҙе миңә ярҙам итә: Кем мине ғәйеплегә сығара алыр? Улар барыһы ла кейем кеүек туҙып бөтөр, Уларҙы көйә ҡалдырмаҫ. Арағыҙҙа Раббынан ҡурҡҡан, Уның ҡолоноң әйткәнен тыңлаған кем бар? Ҡараңғылыҡта йөрөгән, яҡтылыҡ күрмәгән кеше Раббының исеменә өмөт бағлаһын, Аллаһына арҡаланһын! Әммә һеҙ, ут яҡҡан, Ялҡынлы уҡ менән ҡоралланған һәр кем Үҙегеҙҙең утығыҙҙың, Ҡыҙған уҡтарығыҙҙың ялҡынына юлығығыҙ. Минән аласағығыҙ шул: Ғазап эсендә ятасаҡһығыҙ! «Ғәҙеллеккә ынтылғандар, Раббыны эҙләгәндәр, тыңлағыҙ Мине! Үҙегеҙ уйылып алынған ҡаяға, Үҙегеҙ соҡолоп алынған тау-ташҡа күҙ һалығыҙ. Атағыҙ Ибраһимға, һеҙҙе тыуҙырған Сараға ҡарағыҙ. Ибраһимды саҡырғанымда ул яңғыҙ ине, Уға фатихамды бирҙем, нәҫелен арттырҙым. Раббы Сионды йыуатыр, Харабаларын тынысландырыр, Уның сүлен Ғедән баҡсаһына әйләндерер, Далаһын Раббы баҡсаһына әүерелдерер. Ул ерҙә шатлыҡ, һөйөнөс булыр, Раббыға шөкөрана, дан йырланасаҡ. Тыңла Мине, халҡым, ҡолаҡ һал, өммәтем! Бына Минән ҡарар-ҡанун сығыр, Ғәҙел хөкөмөмдө халыҡтарға яҡтылыҡ-нур итермен. Минең хаҡлығым яҡын, Мин алып килгән ҡотолоу юлға сыҡты. Мин халыҡтар араһында ҡулым менән Ғәҙеллек урынлаштырырмын; Диңгеҙ буйындағы илдәр Миңә өмөт бағлар, Улар Минең ҡөҙрәтемә инаныр. Күҙегеҙҙе күтәреп күккә ҡарағыҙ, Аҫҡа – ер йөҙөнә күҙ һалығыҙ: Күктәр төтөн кеүек тараласаҡ, Ер йөҙө кейем һымаҡ туҙасаҡ; Унда йәшәгәндәр себендәй ҡырыласаҡ, Әммә Минең ҡотҡарыуым мәңгелек буласаҡ, Хаҡлығымдың сиге булмаясаҡ. Тыңлағыҙ Мине, хаҡлыҡты белеүселәр, Ҡарар-ҡанунымды йөрәгендә йөрөткән халыҡ! Кешеләрҙең хурлауынан ҡурҡмағыҙ, Мәсхәрәләренән хафаға ҡалмағыҙ. Сөнки улар көйә ашаған кейем, Ҡорт төшкән йөн һымаҡ булыр. Ә Минең хаҡлығым мәңге ҡалыр, Ҡотҡарыуым быуындан-быуынға дауам итер». Ҡалҡ, ҡалҡ, көскә тейен, эй Раббының ҡулы! Боронғо ваҡытта, элекке замандарҙағылай күтәрел! Раһавты һин киҫәк-киҫәк тураҡламаныңмы? Аждаһаны сәнскән Һин түгелме? Диңгеҙҙе, даръя һыуҙарын ҡоротҡан, Йолоп алғандарың уҙа алһын өсөн Диңгеҙ төбөн юлға әйләндергән һин түгелме? Раббы йолоп алған кешеләр кире ҡайтыр, Ҡыуанышып, гөрләшеп, Сионға килер. Баштары осонда шатлыҡ тажы мәңге балҡыр. Уларҙы шатлыҡ-ҡыуаныс сорнап алыр, Ҡайғы-хәсрәт менән аһ-зар ташлап ҡасыр. «Һеҙҙе йыуатыусы Мин генә, Мин! – ти Раббы. – Ниңә һеҙ фани кешенән – Үләндәй һулыған әҙәм балаһынан ҡурҡаһығыҙ? Һеҙҙе яратҡан, күктәрҙе киргән, Донъяның нигеҙен ҡорған Раббыны нисек онотаһығыҙ? Һеҙҙе ҡырмаҡсы булған залимдың асыуынан Ниңә һәр ваҡыт, көнө буйы тетрәнәһегеҙ? Әммә ҡайҙа һуң ул залимдың асыуы? Оҙаҡламай бығауҙағы тотҡондар азат буласаҡ, Улар үлмәҫ, ҡәбергә төшмәҫтәр, Икмәк тип зарыҡмаҫтар. Мин Аллағыҙ Раббымын. Минмен – диңгеҙҙе олотоп, тулҡындарын сайҡалдырған. Минең исемем – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы! Һүҙҙәремде ауыҙыңа һалдым, Һине ҡулымдың күләгәһенә йәшерҙем, Күкте кирҙем, донъяны нигеҙгә ҡуйҙым Сионға: „Һин – Минең халҡым!“ – тинем». Уян, уян, аяҡҡа баҫ, Йәрүсәлим! Һин Раббының ҡулынан асыу туҫтағын алып эстең. Һине сайҡалдырған туҫтағыңды төбөнә тиклем бушаттың. Үҙең тыуҙырған барлыҡ улдарҙан Һиңә юл күрһәтеүсе булманы! Үҙең үҫтергән шунса улдарҙың араһынан Бер кем етәкләп барманы! Икеләтә бәлә килде һиңә! Кем генә һине ҡыҙғаныр икән? Талау һәм һәләкәт, ҡытлыҡ менән ҡылыс – Кем һине йыуата алыр? Улдарың, хәлдән тайған ҡоралай һымаҡ, Һәр урам сатында ята; Раббының асыуы уларҙы шул хәлгә төшөрҙө, Аллаңдың тауышы дәһшәтле! Шуға күрә, эй яралы Йәрүсәлим; Шарапһыҙ иҫерек халыҡ, быны ишет! Хакимың Раббы, Үҙ халҡының дәғүәһен яҡлаған Алла былай ти: «Бына һине сайҡалдырған туҫтаҡ, Асыуымдың туҫтағын ҡулыңдан алдым. Башҡаса унан эсмәҫһең. Мин уны һине ғазаплаусылар ҡулына, Һиңә: „Ергә ят та, өҫтөңә баҫып үтәйек“, – тигән, Арҡаңды урам тупрағы һымаҡ тапағандарға тотторам». Уян, Сион, уян, ҡөҙрәтеңә таян! Эй мөҡәддәс ҡала Йәрүсәлим, Гүзәл кейемдәреңде кей! Сөннәтһеҙҙәр һәм пак булмағандар Башҡаса һиңә инә алмаҫтар. Өҫ-башыңдағы саңды ҡаҡ, Тороп баҫ, әсирә Йәрүсәлим! Муйыныңдағы сынйырҙы алып ташла, Эй әсирә Сион-ҡыҙ! Раббы былай ти: «Һеҙ бушҡа һатылғайнығыҙ, Аҡсаһыҙ йолоп алынырһығыҙ!» Раббы Хаким былай ти: «Башта халҡым Мысырға барғайны. Унда килмешәк булып йәшәне. Унан ашшурҙар уларҙы бер ғәйепһеҙгә иҙҙе. Инде хәҙер Миңә ни эшләргә? – тип белдерә Раббы, – Халҡым нахаҡҡа алып кителде, Уның хакимдары илай, – тип белдерә Раббы. – Һәр саҡ, көндәр буйы исемем мыҫҡыл ителә. Әммә халҡым исемемде таныясаҡ, Көнө еткәс: „Бына – Мин!“ – тигән Зат булыуымды аңлаясаҡ». Тауҙар артылып хәбәр килтереүсенең Аяҡтары ниндәй күркәм! Ул тыныслыҡ тураһында һөйөнсө, Ҡотолоу хаҡында хәбәр алып килә. Сион халҡына: «Аллағыҙ батшалыҡ итә», – тип белдерә. Тыңла: Һаҡсыларыңдың тауышы ишетелә, Бөтәһе бергә ҡыуанып ҡысҡырыша. Сөнки Раббының Сионға кире ҡайтҡанын Үҙ күҙҙәре менән күреп тора. Эй Йәрүсәлим харабалары, Һөйөнөгөҙ, бергәләшеп йырлағыҙ, Сөнки Раббы Үҙенең халҡын йыуатты, Йәрүсәлимде йолоп алды. Раббы бөтә ҡәүемдәрҙең күҙ алдында Мөҡәддәс ҡулының ҡөҙрәтен күрһәтте; Донъяның һәр бер тарафы Аллабыҙҙың ҡотҡарыуын күрер. Китегеҙ, унан сығып китегеҙ! Нәжес нәмәгә ҡағылмағыҙ. Раббының һауытын алып барыусылар Ул урындан сығығыҙ, пакланығыҙ! Әммә һеҙ ашыҡмай ғына сығырһығыҙ, Ҡасып-боҫоп китмәҫһегеҙ; Сөнки Раббы алдығыҙҙан барыр. Исраил Аллаһы артығыҙҙан да һаҡлап килер. «Бына Минең ҡолом уңыш ҡаҙаныр, Ул ҡалҡыр, күтәрелер, бөйөк булыр. Күптәр, уны күреп, шаҡ ҡатҡан ине, Ҡиәфәте, сырайы шундай боҙолған, Кешегә һис оҡшашлығы ҡалмағайны. Ләкин ул күп халыҡтарҙы хайран ҡалдырасаҡ. Уның алдында батшалар ауыҙ йомасаҡ. Улар үҙҙәренә бер кем дә һөйләмәгәнде күрәсәк, Ишетмәгән нәмәләрҙе аңлаясаҡ». Беҙ һөйләгән хәбәргә кем ышанды? Раббының ҡөҙрәте кемгә асылды? Ул Раббы алдында бер үҫенте кеүек, Ҡоро тупраҡтағы шытым һымаҡ күтәрелде. Уның ҡиәфәтендә беҙ һоҡланырҙай Күркәмлек тә, бөйөклөк тә, Беҙҙе үҙенә йәлеп итә алырҙай Һис бер нәмә юҡ ине. Кешеләр тарафынан хурланды, ситкә тибелде; Сир-ғазаптарҙы үҙе татып белде. Һәммәһе унан йөҙ сөйөрҙө, ситкә боролдо, Түбәнһеттек, әҙәмгә лә һанаманыҡ. Асылда ул сирҙәребеҙҙе өҫтөнә алды, Ғазаптарыбыҙҙы үҙенә йөкмәне. Ә беҙ уны Алла тарафынан язаланған, Туҡмалып йәберләнгән тип иҫәпләнек. Ул иһә беҙҙең енәйәттәребеҙ арҡаһында тәненә йәрәхәт алған; Беҙҙең ғәйептәребеҙ өсөн ул иҙелгән. Уның язаланыуы беҙгә именлек килтергән, Уның яралары беҙгә сихәт биргән. Бөтәбеҙ ҙә һарыҡ һымаҡ аҙашҡайныҡ; Һәр беребеҙ үҙенең юлына боролғайны. Ә Раббы беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы уға йөкмәтте. Уны иҙҙеләр, Ул ғазап сикте, әммә ауыҙын асманы. Салырға килтерелгән бәрәс шикелле, Йөнөн ҡырҡыусы алдында өнһөҙ торған һарыҡ кеүек Ауыҙын асманы. Тотоп алдылар, хөкөм иттеләр, алып киттеләр. Уның яҙмышын кем уйлап торған? Тереләр донъяһынан тартып алынды; Халҡымдың енәйәттәре арҡаһында язаланды. Һис бер йәбер-золом ҡылмаһа ла, Ауыҙынан ялған сыҡмаһа ла, Ҡәберен залимдар янында бирҙеләр, Үлгәс, байҙар янына ҡуйылды. Уның ғазапланыуы Раббыға кәрәк ине, Был михнәттәргә Ул дусар итте. Йәнен ғәйеп ҡорбаны итеп килтерһә, Тоҡомон күрер, ғүмерен оҙайтыр; Раббының ихтыяры уның аша бойомға ашырыласаҡ. Кисергән ғазаптарҙан һуң ул яҡтылыҡ күрәсәк, Үҙ эшенең асылына төшөнөп, ҡәнәғәтләнеү табасаҡ. «Минең тоғро ҡолом бик күптәрҙе аҡлаясаҡ, Сөнки уларҙың ғәйептәрен үҙ өҫтөнә аласаҡ, – ти Раббы. – Шуға күрә уға бөйөктәр араһында өлөш бирермен, Яумалды көслөләр менән бүлешер. Сөнки йәнен фиҙа ҡылды, Енәйәтселәр менән тиң һаналды. Бик күптәрҙең гонаһын үҙенең өҫтөнә алды, Енәйәтселәрҙең дә яҡлаусыһы булды». «Бала тапмаған түлһеҙ ҡатын, һөйөн! Ҡыуаныстан ҡысҡыр! Эй тулғаҡ ғазабы татымаған ҡатын, Шатлыҡтан йырла! Сөнки ташланған ҡатындың балалары Ирле ҡатындыҡынан күберәк булыр, – ти Раббы, – Сатырыңды киңәйт, Торлаҡтарыңдың шаршауҙарын һуҙ; Артҡа сигенмә, кирге ептәреңде оҙонайт, Сатырыңдың ҡаҙыҡтарын нығыт. Сөнки уңға ла, һулға ла йәйрәйәсәкһең. Тоҡомоң күп халыҡтарға хаким буласаҡ, Бушап ҡалған ҡалаларҙы төйәк итәсәк. Ҡурҡма, оятҡа ҡалмаҫһың! Тартынма, бүтән хурлыҡ күрмәҫһең. Йәшлегеңдә мәсхәрәләнгәнде оноторһоң, Тол саҡта кисергәндәреңде иҫкә алмаҫһың! Сөнки һине Бар ҡылыусы – ирең. Уның исеме – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. Һине йолоп алыусы – Исраилдың Изгеһе. Ул бөтә донъяның Аллаһы тип атала. Раббы һине – ташланған, рухы һынған, Йәштән кейәүгә сығып, Һуңынан ситкә тибелгән ҡатынды саҡырған һымаҡ саҡыра. Мин һине аҙға ғына ҡалдырып торҙом, Ҙур мәрхәмәт менән кире ҡабул итәм. Аҙға ғына, асыулы сағымда һинән йөҙ йәшереп торҙом. Әммә мәңгелек мөхәббәт менән Рәхимлек ҡылырмын һиңә. – Шулай ти һине йолоп алыусы Раббы. Был Миңә Нух заманындағы һымаҡ. Нух дәүерендәге туфандың һыуҙары Инде бер ваҡытта ла ер йөҙөн баҫмаясағы хаҡында Нисек ант иткән булһам, Шулай уҡ вәғәҙә бирәм: Башҡа Һиңә асыуланмам, битәрләмәм. Тауҙар урынынан күсһә лә, Ҡалҡыулыҡтар тетрәһә лә, Һине мөхәббәтемдән айырмам. Именлек хаҡында килешеүем ҡаҡшамаҫ, – Шулай ти һиңә мәрхәмәт ҡылған Раббы. Эй дауылдарҙан туҡмалған, Йыуатыу тапмаған бахыр ҡала! Бына, һинең таштарыңды фирүзә өҫтөнә ҡуям, Нигеҙеңде зәңгәр яҡуттан һалам. Манараларыңды ҡыҙыл яҡуттан, Ҡапҡаларыңды гәүһәрҙән, Диуарҙарыңды аҫылташтарҙан ҡорам. Бөтә балаларыңды Мин, Раббы, өйрәтәсәкмен, Улар камил бер именлек эсендә йәшәр. Ғәҙеллек-хаҡлыҡта нығынырһың, Йәбер-иҙелеүҙән алыҫ торорһоң, ҡурҡмаҫһың. Хәүеф-дәһшәт татымаҫһың, ул һиңә яҡынлашмаҫ. Һиңә ҡаршы ҡорал күтәрһәләр, Һин белеп тор, улар Минән түгел. Һиңә һөжүм иткән һәр кем Алдыңда ергә йығылыр. Ҡара, күрек менән ҡуҙ өрҙөргән, Үҙ маҡсаты өсөн ҡорал әҙерләгән Тимерсене Мин яраттым, Юҡ итһен тип емереүсене лә Мин бар ҡылдым. Һиңә ҡаршы яһалған һис бер ҡорал эшкә ашмаҫ; Хөкөмдә һиңә яла яҡҡан һәр телде Үҙең ғәйеплегә сығарырһың. Раббыға ҡол булғандарҙың өлөшө шул: Уларҙы Үҙем аҡлармын», – тип белдерә Раббы. «Эй бөтә сарсағандар, һыуға килегеҙ! Аҡсаһы булмағандар, килегеҙ, алығыҙ, ашағыҙ; Килегеҙ, көмөш түләмәйенсә, Бушлай алығыҙ шарап менән һөттө! Ризыҡ булмаған нәмәгә ни өсөн аҡса сарыф итергә? Эшләп тапҡанығыҙҙы ни өсөн Тамаҡ туйҙырмаған нәмәгә әрәмләргә? Мине диҡҡәт менән тыңлағыҙ: Иң затлы ризыҡты ауыҙ итерһегеҙ, Һыйлы аҙыҡҡа ләззәтләнерһегеҙ. Әйткәнемә ҡолаҡ һалығыҙ, Минең яныма килегеҙ, Тыңлағыҙ мине һәм йәшәрһегеҙ. Һеҙҙең менән мәңгелек килешеү төҙөрмөн, Дауытҡа вәғәҙә иткән тоғро һөйөүемде бирермен. Бына Мин Дауытты ҡәүемдәргә – шаһит, Халыҡтарға юлбашсы һәм хаким итәм. Һин, Исраил, үҙең белмәгән халыҡтарҙы саҡырырһың, Раббың Аллаң, Исраилдың Изгеһе хаҡына Һине белмәгән ҡәүемдәр йүгереп килер. Сөнки Ул һине данға сорнаны». Раббыны табырға мөмкин булған саҡта, эҙләгеҙ; Ул яҡында саҡта, саҡырығыҙ! Яман әҙәм ҡыуған юлын, Залим яуыз уйын ташлаһын; Раббыға әйләнеп ҡайтһын – Ул мәрхәмәтен күрһәтер; Беҙҙең Аллабыҙға килһен – Ул ярлыҡауға бик йомарт. «Минең уйҙар – һеҙҙең уйҙар түгел, Һеҙҙең юлдар – Минең юлдар түгел, – тип белдерә Раббы. – Сөнки, күктәр нисек ер йөҙөнән бейек булһа, – ти Раббы, – Минең юлдарым – һеҙҙең юлдарҙан, Уйҙарым һеҙҙең уйҙарҙан бейегерәк. Күктән яуған ямғыр һәм ҡар ергә төшә, Үҫемлектәр үҫтерһен, уңдырышлы булһын, Сәсеүсегә орлоҡ, ашаусыға икмәк бирһен өсөн Тупраҡты һуғара, ә ҡабаттан күккә күтәрелмәй. Минең ауыҙымдан сыҡҡан һүҙ ҙә шулай булыр. Миңә буп-буш кире ҡайтмаҫ, Теләгәнемде ғәмәлгә ашырыр, Нимәгә ебәргәнмен, шуны башҡарыр». Һөйөнөс менән сығырһығыҙ ҙа Иҫән-аман кире ҡайтырһығыҙ. Тауҙар, үрҙәр алдығыҙҙа ҡыуанышып йырлар, Ҡырҙағы бөтә ағастар алҡышлап торор. Сәнскеле ҡыуаҡ урынына – кипарис, Кесерткән урынына мирт үҫеп сығыр. Былар барыһы ла Раббы өсөн шөһрәт, Мәңгелек, юғалмаҫ билдә булыр. Раббы былай ти: «Ғәҙел хөкөм, тоғро ғәмәлдәр ҡылығыҙ, Оҙаҡламай Мин ҡотолоу ебәрермен, Хаҡ булыуым тиҙҙән асыласаҡ. Шулай эшләгән, яҡшы ғәмәлдәр ҡылған, Шәмбе көндәрҙе тотҡан, уны нәжесләмәгән, Һәр төрлө яуызлыҡтан тыйылған кеше ниндәй бәхетле!» Раббы юлына ҡушылған сит ил кешеһе: «Раббы мине барыбер Үҙ халҡынан айырасаҡ», Алашар: «Мин бер кипкән ағасмын!» – тимәһен. Сөнки Раббы былай ти: «Шәмбе көндәремде тотҡан, Мин хуш күргәндәрҙе һайлаған, Килешеүемә тоғро ҡалған алашарҙарға Йортомда, диуарҙарым араһында Уллы һәм ҡыҙлы булыуға ҡарағанда ла яҡшыраҡ нәмә – Хәтирә һәм исем-ат бирермен. Ул юйылмаҫ, мәңгелек исем булыр. Раббы юлына ҡушылған, Уға хеҙмәт иткән, Уның исемен яратҡан, Уның ҡолона әйләнгән сит ил кешеһен, Шәмбе көнөн тотҡан, Уны нәжесләнеүҙән һаҡлаған, Килешеүемә тоғро ҡалған һәр кемде Изге тауыма алып килермен, Доға йортомда ҡыуандырырмын; Тотош яндырыу ҡорбандарын, Бөтә ҡорбандарын хуш күрермен. Минең йортом бар халыҡтар өсөн Доға ҡылыу йорто тип аталыр». Һөргөндәге исраилдарҙы туплаған Раббы Хаким былай ти: «Йыйылғандары янына башҡаларын да йыйырмын». Бөтә ҡырағай йәнлектәр, Урмандағы барса хайуандар, Килегеҙ ҙә ашағыҙ! Исраилдың ҡарауылсылары һуҡыр, Барыһы ла белекһеҙ. Улар һәммәһе – өрә белмәгән телһеҙ эт, Яталар ҙа серемгә китәләр, Йоҡларға бик яраталар! Туя белмәгән ҡомһоҙ эттәргә оҡшаш улар; Аҡылын юйған көтөүселәр: Һәр кем үҙ яғын ҡайыра, Һәр береһе үҙ файҙаһын көҫәй. Бер-береһенә әйтәләр: «Килегеҙ, шарап ҡуйырмын, Туйғансы хәмер эсәйек! Иртәгәһе көн дә бөгөнгөләй үтер, Хатта бынан да яҡшыраҡ булыр!» Тәҡүә кеше үлеп китә – Һис кем быны күңеленә яҡын алмай. Тоғро әҙәм мәрхүм була – Ни өсөн икәнен бер кем дә аңламай. Яуызлыҡтан ҡотолһон тип, тоғро кешеләр алына – Тыныслыҡҡа ирешә. Дөрөҫ юлда йөрөгәндәр Мәңгелек урындарында тыныс ята. «Һеҙ иһә, эй күрәҙәсе ҡатындың балалары, Фәхеш һәм зинасылар тоҡомо, яҡын килегеҙ! Һеҙ кемде мәсхәрә итәһегеҙ? Кемгә ҡаршы ауыҙ асаһығыҙ? Кемгә ҡарап тел сығараһығыҙ? Һеҙ – енәйәт балалары, ялған орлоғо! Имәндәр араһында, Суҡ япраҡлы һәр ағас аҫтында дәртегеҙ ҡотора. Уйһыуҙарҙа, ҡаялар ышығында Балаларығыҙҙы ҡорбанға килтерәһегеҙ. Уйһыуҙағы шыма таштар – һинең өлөшөң, Эйе, улар һинең насибың! Уларға түкмә ҡорбандар бирҙең, Уларға икмәк саҙаҡалары килтерҙең. Шуны күреп, Мин ҡәнәғәт булайыммы? Түшәгеңде юғарыла, бейек тау башында һалдың, Ҡорбандарыңды салырға шунда мендең. Ишегең артына, ишек яңаҡтарың артына Ерәнгес тамғалар ҡуйҙың. Мине ташлап, түшәгеңде астың, Уны киңәйттең, уйнаштарың менән килешеү беркеттең. Бергә ятырға тип йән аттың, Күҙ алмай уларҙың яланғаслығына баҡтың. Илаһ Мөләхкә зәйтүн майы ташының, Хуш еҫле майҙарҙы муллап исрафланың. Илселәреңде йыраҡҡа оҙаттың, Үлеләр донъяһына тиклем төшөрҙөң. Оҙон юлда талсыҡҡан хәлдә лә: „Өмөтөм бөттө!“ – тип әйтмәнең. Көсөңдө туплап, яңынан торҙоң. Шуға ла арыу һиҙмәнең. Миңә хыянат итерлек, Мине иҫтән сығарырлыҡ, Күңелеңдән юйып ырғытырлыҡ итеп, Кем ҡурҡытты, кем ҡотоңдо алды? Мин оҙаҡ өндәшмәй торған өсөн, Минән ҡурҡыуҙан туҡтанығыҙмы? Һүҙҙә генә тоғро булғанығыҙҙы, Ҡылған ғәмәлдәрегеҙҙе асасаҡмын, Уларҙың һеҙгә файҙаһы булмаҫ. Ярҙам һорап ҡысҡырғанығыҙҙа, Йыйған боттарығыҙ ҡотҡарырмы? Һәммәһен дауыл осороп алып китәсәк, Иҫкән ел һепереп түгәсәк. Миңә һыйынғандар иһә илгә хужа булыр, Мөҡәддәс тауымды биләмәгә алыр». Раббы әйтә: «Юл һалығыҙ, юлды тигеҙләгеҙ! Халҡым алдындағы ҡаршылыҡтарҙы алып ташлағыҙ!» Мөһабәт һәм бөйөк, Мәңге йәшәүсе, исеме Изге былай ти: «Бейек һәм мөҡәддәс урында төйәк итһәм дә, Хәсрәтлеләр, рухы төшөнкөләр янындамын, Баҫалҡыларҙың рухын күтәрәм, Хәсрәтлеләрҙең йөрәген терелтәм. Мәңге дәғүәләшеп тормам, Һәр ваҡыт асыулы булмам. Юҡһа Үҙем бар ҡылғандарҙың рухы һыныр, Кеше заты хәлдән тайыр ине. Халҡымдың гонаһсыл ҡомһоҙлоғо арҡаһында, Асыуланып, уны язаланым. Унан йөҙ йәшерҙем, асыуландым, Әммә барыбер хыянат итеп, Үҙ юлынан бара бирҙе. Мин уларҙың юлын күреп торҙом, Тик шулай ҙа был халыҡты дауалармын, Үҙем етәкләп барырмын, йыуатырмын. Ҡайғылыларҙың теленә Маҡтау һүҙҙәре һалырмын. Йыраҡтағы-яҡындағыға ла тыныслыҡ-именлек булһын! Барыһын да шифалармын», – ти Раббы. Яуыздар иһә сайҡалған диңгеҙ кеүек. Ул диңгеҙ тын тора алмаҫ, Тулҡындары ләм һәм бысраҡ сығарыр. «Яуыздарға именлек юҡ!» – ти минең Аллам. «Тамаҡ ярып ҡысҡыр, һис тартынма, Тауышың борғолай яңғыраһын; Халҡыма – енәйәттәрен, Яҡуп нәҫеленә гонаһтарын белдер! Аллаларына тоғро халыҡтай, Улар туҡтауһыҙ Мине эҙләгән була. Раббының ҡанунын онотмаған халыҡ һымаҡ, Юлдарымды өйрәнергә теләй. Минән ғәҙел хөкөм һорай, Алланың яҡын булыуын теләй. „Беҙ ураҙа тотабыҙ, ниңә Һин быны күрмәйһең? Нәфсебеҙҙе тыябыҙ, Ә Һин иғтибар бирмәйһең?“ – ти улар. Ысынында, һеҙ ураҙа тотҡан көндө Теләгәнегеҙҙе ҡылаһығыҙ; Хеҙмәтселәрегеҙҙең барыһын иҙәһегеҙ. Ураҙағыҙ талаш, ғауға менән үтә, Аяуһыҙланып йоҙроҡ күтәрәһегеҙ. Ураҙағыҙ ошо рәүешле булғанда Ауазығыҙ юғарыла ишетелмәҫ. Мин теләгән ураҙа шулай була, тип һанайһығыҙмы? Әҙәмдең нәфсеһен тыйған көнө ошолай буламы? Ҡамыш һымаҡ баш эйеп, Ҡыл туҡыма йәйеп көл өҫтөндә ятыумы? Ошоно ураҙа, Раббы хуш күргән көн тип атайһығыҙмы? Ғәҙелһеҙлек бығауҙарын өҙ, Ҡалып бауҙарын сис, Иҙелгәндәрҙе иреккә ебәр, Һәр төрлө ҡалыпты емер – Мин теләгән ураҙа ошолай була. Икмәгеңде астар менән бүлеш, Йортһоҙ фәҡирҙәрҙе өйөңә саҡыр, Яланғасты күрһәң, кейендер, Туғандарыңдан ситкә боролма. Шул саҡ нурығыҙ таң һымаҡ балҡыр, Тиҙ арала шифа табырһығыҙ. Тоғролоғоғоҙ алдығыҙҙан йөрөр, Артығыҙҙан Раббының шөһрәте һаҡлап барыр. Ул саҡта Раббыға өндәшерһең – Ул һиңә яуап ҡайтарыр; Ярҙам һорап саҡырырһың, Ул: „Мин бындамын“, – тип әйтер. Башҡаларға кейҙергән ҡалыпты емереп ташлаһаң, Бармаҡ төртөп яла яғыуҙан туҡтаһаң; Астар өсөн йәнеңде бирерҙәй булһаң, Иҙелгәнгә нимә кәрәк, шуны бирһәң, Нурың ҡараңғыла балҡып торор, Дөм ҡараңғы ваҡытың да көн үҙәге һымаҡ балҡыр. Раббы һәр саҡ һеҙгә юл күрһәтер, Ҡороп кипкән тупраҡтарҙа туйындырыр, Тәнегеҙгә көс-ҡеүәт бирер; Мул һуғарылған баҡсалай, Мәңге ҡоромаҫ шишмәләй булырһығыҙ. Боронғо харабаларҙы ҡабат торғоҙорһоң, Иҫке нигеҙҙәр өҫтөнә яңыларын ҡорорһоң. Һине „емерек диуарҙарҙы төҙәтеүсе, Йәшәү өсөн урамдарҙы яңыртыусы“ тип атарҙар. Шәмбеләремде аяҡ аҫтына һалып тапамаһаң, Изге көнөмдә үҙ файҙаңды ҡайғыртмаһаң, Шәмбе көнөн „ҡыуаныс“ тип, Раббының изге көнөн „хөрмәтле“ тип һанаһаң; Көндәлек эшең менән булышмай, Табыш артынан ҡыумай, Буш һүҙ һөйләмәй, ихтирам итһәң, Раббы һинең ҡыуанысың булыр. Ул саҡта Мин һине ер йөҙөнөң Бейек түбәләренә атландырырмын, Атаң Яҡуптың биләмәһенән туйындырырмын». Был – Раббының ауыҙынан сыҡҡан һүҙҙәр. Баҡ, Раббының ҡулы ҡотҡармаҫлыҡ булып ҡыҫҡарманы; Ҡолағы ишетмәҫлек булып ҡатманы. Тик ғәйептәрегеҙ һеҙҙе Алланан айырҙы; Гонаһтарығыҙ арҡаһында Раббы һеҙҙән йөҙ сөйөрҙө, Тауышығыҙҙы ишетмәҫ булды. Сөнки ҡулдарығыҙ – ҡанға, Бармаҡтарығыҙ ғәйеп ғәмәлдәргә нәжесләнгән. Ауыҙығыҙ ялған һөйләй, Телегеҙҙән алдаҡ түгелә. Һис кем хөкөм ғәҙел булһын, тимәй, Үҙ дәғүәһен дөрөҫлөк менән яҡламай. Буш һүҙгә ышаналар, ялған һөйләйҙәр. Яуызлыҡҡа йөклө булып, золом тыуҙыралар. Ҡара йылан күкәйе баҫалар, Үрмәксе ауы үрәләр. Кем ул күкәйҙе ашай, шул үлер, Ярылғанынан ағыулы йылан сығыр. Улар үргән ауҙан кейем сыҡмаҫ, Ҡулдары туҡығанға төрөнә алмаҫтар. Ҡылған ғәмәлдәре – тик яуызлыҡ, Ҡулдарының эше – йәбер-золом. Аяҡтары яуызлыҡҡа табан сабыр, Ғәйепһеҙҙең ҡанын түгер өсөн ашығырҙар. Баштарындағы уйҙары енәйәтсел, Юлдарында – емереклек һәм һәләкәт. Улар именлек юлын белмәйҙәр, Йөрөгән юлдарында ғәҙеллек юҡ. Атлаған һуҡмаҡтары кәкре, Унан барғандар тынғылыҡ тапмаҫ. Шуға күрә лә ғәҙеллек беҙҙән йыраҡ, Раббы беҙҙе ҡотҡармай. Яҡтылыҡҡа өмөтләндек, ә әйләнәбеҙҙә ҡараңғылыҡ; Нур эҙләйбеҙ, дөм-ҡараңғыла йөрөйбөҙ. Һуҡыр һымаҡ диуарға тотоноп, Күҙһеҙ кеүек һәрмәнеп йөрөйбөҙ. Төшлөктә эңерҙәгеләй һөрөнәбеҙ, Һау-сәләмәттәр араһында – үлекбеҙ. Һәммәбеҙ ҙә айыу һымаҡ үкерәбеҙ, Күгәрсен шикелле ыңғырашабыҙ. Ғәҙеллек көтәбеҙ, әммә ул юҡ; Ҡотҡарыу көтәбеҙ – беҙҙән йыраҡ. Сөнки Һинең алдыңда артыҡ башбаштаҡ булдыҡ, Гонаһтарыбыҙ беҙгә ҡаршы шаһитлыҡ ҡыла, Енәйәттәребеҙ һәр саҡ күҙ алдында, Ғәйебебеҙҙе беләбеҙ. Башбаштаҡланып Раббынан ваз кистек, Аллабыҙҙан йөҙ сөйөрҙөк, артынан эйәрмәнек. Йәбер-золомға, хыянатҡа өндәнек, Үҙебеҙ уйлап сығарып, ялған һөйләп йөрөнөк. Ғәҙеллек ҡыуылды, дөрөҫлөк йыраҡта ҡалды. Сөнки хәҡиҡәт ҡала майҙанында абынды, Выждан инер өсөн юл тапманы. Бер ерҙә лә хәҡиҡәт юҡ, Яуызлыҡтан йыраҡ торған кеше талана. Раббы быларҙы күрҙе һәм хәҡиҡәт юҡлығына әрнене. Хәлде үҙгәртерлек бер кемдең дә булмағанын күрҙе, Яҡлаусының булмауына хайран ҡалды. Үҙ көсө менән еңеү яуланы, Хаҡлығы Уға таяныс булды. Ул дөрөҫлөктө һарайта итеп кейҙе, Ҡотолоу торҡаһын башына һалды, Үслек ябынсаһына уранды, Ярһыуына япма һымаҡ төрөндө. Һәр кемгә ғәмәлдәренә күрә бирер. Дошмандарына асыу менән яуап ҡайтарыр, Уны күрә алмағандарҙы язаға тарттырасаҡ, Диңгеҙ буйындағыларға әжерен бирәсәк. Көнбайышта Раббының исеменән, Ҡояш сығышында Раббының шөһрәтенән ҡурҡырҙар. Сөнки ташҡын һыу һымаҡ килгәндә, Раббының һулышы уны ҡыуыр. «Йолоп алыусы – Сионға, Яҡуп нәҫеленең гонаһтан ваз кискәндәренә килер!» – тип белдерә Раббы. «Миңә ҡалһа, – ти Раббы, – Улар менән төҙөшкән килешеүем ошо: һеҙгә иңдергән Рухым, ауыҙығыҙға һалған һүҙҙәрем әленән алып мәңгегә һеҙҙең үҙегеҙҙән, балаларығыҙҙан һәм зат-зәүерегеҙҙең ауыҙынан китмәҫ». Ҡалҡ та нур сәс, Сөнки яҡтылығың килде, Өҫтөңдә Раббы шөһрәте балҡыны. Донъяны – ҡараңғылыҡ, Халыҡтарҙы ҡуйы ҡараңғылыҡ ҡаплап алыр. Ә һинең өҫтә Раббы нур сәсер, Даны баш осоңда балҡыр. Ҡәүемдәр – һинең яҡтылығыңа, Батшалар өҫтөңдә балҡыған нурға киләсәк. Раббы былай ти: «Башыңды күтәр, тирә-яғыңа ҡара: Барыһы йыйылып һиңә килә. Алыҫтан улдарың ҡайтасаҡ, Ҡыҙҙарың ҡул осонда килтереләсәк. Быны күреп йөҙөң балҡып китер, Йөрәгең ҡыуаныстан талпыныр; Сөнки диңгеҙ хазиналарын һиңә килтерерҙәр, Ҡәүемдәрҙең бар байлығы һиңә булыр. Дөйә көтөүҙәре, Мидйән менән Ғефаның йәш дөйәләре Ерҙәреңә килеп тулыр. Бөтә Шева халҡы килер, Алтын һәм ладан килтерер, Раббыға маҡтау яуҙырыр. Ҡыдарҙың бөтә ваҡ малы һиңә йыйылыр, Невайоҫтың һарыҡтары килтерелер, Ҡорбан усаҡтарымда күңелемә хуш ҡорбандар булыр. Үҙемдең данлы йортома тағы ла шөһрәт өҫтәрмен. Кем һуң былар, болот һымаҡ оса, Ояларына яҡынлашҡан күгәрсен тубылай елә? Яр буйындағы илдәр Миңә өмөт бағлап тора, Таршиш караптары бында беренсе булып йөҙөп килә. Был караптар Аллаң Раббы исеме хаҡына, Исраилдың изге Аллаһы хаҡына, Алыҫтан балаларығыҙҙы алып килә, Алтын-көмөштәре менән бергә алып килә. Сөнки Ул һине, Йәрүсәлим, данға күмде. Сит-яттар диуарҙарыңды төҙөр, Батшалары һиңә хеҙмәт итер. Асыуланғанымда һине язалаһам да, Инде илтифат ҡылып, шәфҡәтемде күрһәтәм. Ҡапҡаларың һәр саҡ асыҡ торор, Көндөҙ ҙә, төндә лә ябылмаҫ; Шул ҡапҡаларҙан ҡәүемдәр байлыҡтарын алып килер, Уларҙы батшалары килтерер. Һиңә хеҙмәт итергә теләмәгән батшалыҡтар һәләк булыр, Ундай халыҡтар тамам юҡ ителер. Ливандың даны булған кипарис, ҡарағай, платан ағастары, Изге торлағымды матурлар өсөн, һиңә ташылыр. Аяҡ баҫҡан урынымды шулай данға күмәсәкмен. Һине иҙгәндәрҙең балалары Килеп алдыңа эйелер; Һиңә кәмһетеп ҡарағандарҙың һәммәһе, Аяҡтарыңа йығылып, сәждә ҡылыр. Улар һине Раббы ҡалаһы, Исраилдың Изге Аллаһының Сионы тип атар. Һине ситкә типтеләр, күрә алманылар. Яныңдан һис кем үтмәне. Инде һине мәңгегә ғорурлыҡ, Бөтөн быуындарҙың ҡыуанысы итәсәкмен. Ҡәүемдәр һәм батшалыҡтар Әсә кеүек һине имеҙәсәк. Шул заманда Минең Ҡотҡарыусы Раббы, Һине йолом биреп һатып алған Яҡуптың Ҡөҙрәтлеһе икәнемде белерһең. Һиңә баҡыр урынына – алтын, Тимер урынына – көмөш, Ағас урынына – баҡыр, Таштар урынына тимер килтерермен. Именлекте – идарасың, Дөрөҫлөктө күҙәтсең итеп ҡуйырмын. Башҡаса ереңдә йәбер-золом, Биләмәңдә ҡыйралыш, Бөлгөнлөк тураһында ишетелмәҫ. Диуарҙарыңды „Ҡотолоу“ тип атарһың, Ҡапҡаларыңа „Маҡтау“ тигән исем бирерһең. Инде көндөҙ яҡтылығың ҡояш булмаҫ, Ай ҙа һиңә нурын бирмәҫ; Раббы – һинең мәңгелек яҡтыртҡысың, Аллаң һинең шөһрәтең буласаҡ. Һинең ҡояшың байымаҫ, айың йәшеренмәҫ, Сөнки Раббы Үҙе һинең мәңгелек нурың буласаҡ, Йәшле көндәрең шулай тамам булыр. Бөтөн халҡың тәҡүә булыр; Илдең мәңгелек хужаһына әйләнер. Улар – Мин ултыртҡан үҫенте, Шөһрәтемде күрһәтер өсөн ҡулымдың эше. Иң бәләкәс ғаиләнән меңдәр сығыр, Иң көсһөҙҙән ҡеүәтле халыҡ тыуыр. Мин Раббы, быны ваҡыты еткәс, тиҙ арала башҡарырмын». Раббы Хакимдың Рухы минең өҫтөмдә, Сөнки Раббы мине мәсехләне; Мохтаждарға һөйөнөслө хәбәр еткерергә, Йөрәге йәрәхәтлеләрҙең яраларын бәйләргә, Әсирҙәргә азатлыҡ иғлан итергә, Тотҡондарға ирек хәбәрен әйтергә тип ебәрҙе. Раббының шәфҡәт күрһәтә торған йылын, Аллабыҙҙың үс аласаҡ көнөн белдерергә, Хәсрәтлеләрҙе йыуатырға, Сионда хәсрәткә батҡандарҙы хәстәрләргә – Уларға көл урынына – баш кейеме, Аһ-зар урынына – шатлыҡ майы, Төшөнкө рух урынына байрам кейемдәре бирергә ебәрҙе. Инде уларҙы Раббы Үҙе данын күрһәтеү өсөн ултыртҡан «Тоғролоҡ имәндәре» тип йөрөтөрҙәр. Улар боронғо харабаларҙы аяҡҡа баҫтырыр, Элекке емереклектәрҙе ҡабат төҙөр, Әллә нисә быуындар буйы Ташландыҡ ятҡан ҡалаларҙы яңынан ҡорор. Яттар килеп мал-тыуарығыҙҙы бағыр, Сит ҡәүемдәр игенсе һәм баҡсасыларығыҙ булыр. Һеҙ иһә Раббының ҡаһиндары тип аталырһығыҙ, Аллабыҙҙың хеҙмәтселәре тип йөрөтөрҙәр һеҙҙе. Ҡәүемдәрҙең байлығы менән файҙаланырһығыҙ, Уларҙан килгән мал-мөлкәт менән маҡтанырһығыҙ. Кисергән мәсхәрә урынына – ике тапҡырға күберәк фатиха, Хурлығығыҙ урынына өлөшөгөҙҙө алып ҡыуанырһығыҙ, Шуға үҙ ерегеҙҙә ике тапҡырға мулыраҡ алырһығыҙ; Мәңгелек шатлыҡҡа эйә булырһығыҙ. «Мин Раббы ғәҙеллек һөйәм, Талау һәм йәбер-золомға нәфрәтләнәм; Тоғро ҡалып, ғәмәлдәренә күрә бирермен, Улар менән мәңгелек килешеү төҙөрмөн. Тоҡомдары ҡәүемдәр араһында мәшһүр булыр, Заттары халыҡтар араһында танылыр. Уларҙы күргән һәммәһе аңлар: Был – Раббы фатихалаған халыҡ». Раббыла мин бөйөк һөйөнөс табырмын, Алламда йөрәгем шатлыҡҡа сорналыр. Сөнки башына сәскә тажы кейгән кейәү, Биҙәүестәр таҡҡан килен һымаҡ, Миңә ҡотолоу кейемдәрен кейҙерҙең, Ғәҙеллек ябынсаһына төрҙөң. Үҫентеләр – тупраҡта, Сәселгән орлоҡтар баҡсала үҫеп сыҡҡан һымаҡ, Раббы Хакимдың да бөтә халыҡтар алдында Ғәҙеллек үҫтерәсәге һәм маҡтауға күмеләсәге хаҡ! Еңеүе таң һымаҡ нурланып балҡығанға, Ҡотолоуы ялҡын кеүек янғанға тиклем Сионды яҡлап һүҙ әйтмәйенсә тормам, Йәрүсәлимде хәстәрләүҙән туҡтамам. Ҡәүемдәр һинең еңеүеңде, Бөтә батшалар даныңды күрер. Раббы Үҙе ҡушҡан яңы исем менән аталырһың. Һин – Раббының ҡулында гүзәл бер сәллә, Аллаңдың усында батша тажы буласаҡһың. Инде һине – «ташландыҡ», Ереңде «бушлыҡ» тимәҫтәр; Уның урынына һине «һөйгәнем минең», Илеңде иһә «ирле ҡатын» тиерҙәр. Сөнки Раббы һине һөйөр, Илең дә хужалы-ирле булыр. Егет ҡыҙға өйләнгәндәй, Улдарың да һине мәңгегә үҙенә алыр. Кейәү кәләшенә нисек ҡыуана, Аллаң да һиңә шулай һөйөнөр. Диуарҙарыңа, эй Йәрүсәлим, Мин һаҡсылар ҡуйҙым. Көнөн-төнөн уларҙың тауышы тынмаҫ. Эй Раббының иҫенә төшөрөп тороусылар, Һеҙ ҙә үҙегеҙгә тынғылыҡ бирмәгеҙ! Раббы Йәрүсәлимде аяҡҡа баҫтырғанға, Уны ер йөҙөнөң ғорурлығына әйләндергәнгә тиклем Раббыға тынғылыҡ бирмәгеҙ! Раббы Үҙенең уң ҡулын, Көслө ҡулын, күтәреп ант итте: «Инде ашлығыңды дошмандарға ризыҡ итеп бирмәм, Яттар һинең михнәтләнеп Һыҡҡан шарабыңды эсмәҫ бүтән. Ашлыҡты кем урған, шул ризыҡланыр, Ул Раббыға маҡтау йырлар. Йөҙөмдө йыйғандар шарапты Изге ҡорамым ихатаһында эсер». Сығығыҙ, сыҡ ҡапҡаларҙан! Халыҡҡа юл әҙерләгеҙ! Тупраҡты тигеҙләп юл һалығыҙ, Таштарынан таҙартығыҙ! Халыҡтарға юл күрһәтеп, байраҡ күтәрегеҙ! Раббы ерҙең алыҫ тарафтарына белдерҙе: «Сион-ҡыҙға әйтегеҙ: „Ана Ҡотҡарыусың килә; Әжере – Уның менән, бүләге алдынан атлай“. Сион халҡын „Раббы йолоп алған изге халыҡ“ тиерҙәр. Ә һине, Йәрүсәлим, „Алланың һөйөклөһө, ташланмаған ҡала“ тип атарҙар». Эдомдан килә ятҡан кем? Ал кейемдәр кейеп Босранан килгән кем ул? Күҙ ҡамаштырырлыҡ кейемдәрҙә Бөйөк ҡөҙрәт менән килгән кем? «Ул Мин – еңеү иғлан итеүсе, Ҡотҡарырға ҡөҙрәте булған». Кейемдәрең ниңә ҡыҙыл? Өҫ-башың ни өсөн һут һыҡҡыста Йөҙөм тапаған кешенекеләй? «Һыҡҡыста йөҙөмдө бер яңғыҙым һыҡтым; Янымда халыҡтарҙан һис кем юҡ ине. Асыу менән тапаным уларҙы, Дәһшәтләнеп-ярһып тапаланым. Ҡандары кейемемә сәсрәне; Бөтөн өҫ-башымды бысратты. Эйе, Мин үс алыу көнөн тәғәйенләгәйнем, Халҡымды йолоп алыр йыл килде. Баҡтым, ярҙам итер һис берәү юҡ ине, Терәк булыр һис кем булмағанға хайран ҡалдым; Шул сағында Үҙ ҡулым еңеү килтерҙе, Асыуым Миңә таяныс булды. Асыу менән тапаланым халыҡтарҙы, Ярһыу менән иҫерттем уларҙы, Ҡандарын ергә ағыҙҙым». Раббының тоғро һөйөүе хаҡында һөйләрмен, Маҡтауға лайыҡ ғәмәлдәре, Ул беҙгә эшләгән барыһы өсөн Уны данлармын; Үҙенең рәхим-шәфҡәте, бөйөк мөхәббәте менән Исраил халҡына күрһәткән ҙур изгелеген маҡтармын! Раббы әйтте: «Дөрөҫ, улар – Минең халҡым, Миңә хыянат итмәйәсәк балаларым!» Шулай итеп, Алла уларға Ҡотҡарыусы булды. Улар ғазап сиккән саҡта Ул да ғазапланды. Уның фәрештәһе уларҙы ҡотҡара килде. Һөйөүе һәм мәрхәмәте менән Ул Үҙе йолоп алды. Боронғо замандарҙа гел ҡулына күтәреп йөрөттө. Әммә улар баш күтәреп Уның Изге Рухын рәнйеттеләр. Шуға күрә Ул уларға дошман булды, Уларға ҡаршы һуғышты. Унан халыҡ әүәлге көндәрҙе, Муса заманын иҫкә төшөрҙө. Үҙ көтөүен һәм көтөүселәрен Диңгеҙҙән алып сыҡҡан, Араларына Изге Рухын ебәргән, Үҙенең ҡеүәтле көсө менән Мусаны уң ҡулынан етәкләп алып барған, Үҙенә мәңгелек исем ҡаҙаныр өсөн Алдарында һыуҙарҙы икегә айырған Зат ҡайҙа? Раббы уларҙы диңгеҙ төбөнән алып сыҡты. Тигеҙ ерҙә йөрөгән ат һымаҡ, улар һис абынмай үтте. Үҙәнгә төшөп ял иткән көтөү кеүек, Раббы Рухы уларға тыныслыҡ бирҙе. Эйе, Үҙ исемеңде данлар өсөн Халҡыңа Һин шулай юл күрһәттең. Йә Раббы, күктән түбәнгә ҡара, Мөҡәддәс һәм күркәм торлағыңдан күҙ һал! Ҡайҙа Һинең ғәйрәтең менән ҡөҙрәтең? Күңелеңдәге наҙың менән мәрхәмәтеңде Беҙҙән ҡыҙғандың. Ә бит Һин – беҙҙең Атабыҙ! Хатта Ибраһим беҙҙе танымаған, Исраил беҙҙең кемлегебеҙҙе белмәгән булһа ла, Атабыҙ Һинһең, йә Раббы, Әүәлдәрҙән бирле исемең Һинең – «Йолоп алыусыбыҙ беҙҙең». Ни өсөн, йә Раббы, беҙгә Һин юлыңдан яҙырға ихтыяр ҡуяһың? Ниңә беҙгә Һинән ҡурҡмаған таш йөрәк биргәнһең? Ҡолдарың хаҡына, Биләмәң булған ырыуҙарың хаҡына кире ҡайтсы! Һинең халҡың аҙ ваҡытҡа ғына Изге торлағыңа хужа булды, Инде уны дошмандарыбыҙ Үҙҙәренең аяҡ аҫтарына һалды. Гүйә әүәлдән алып Һин хакимлыҡ итмәгән, Исемеңде йөрөтмәгән халыҡҡа оҡшап ҡалдыҡ. Беҙ көтмәгән дәһшәтле ғәмәлдәрҙе ҡылғаның, Ергә төшкәнең, тауҙарҙы алдыңда ҡалтыратҡаның бар. Үҙенә өмөт бағлағандарға Шундай эштәр ҡылған Алла Һин генә. Борондан бирле Һинән башҡаны Һис бер күҙҙең күргәне, Һис берәүҙең ишеткәне, Һис бер ҡолаҡҡа ингәне булманы. Ҡыуаныс менән тәҡүә ғәмәлдәр ҡылған, Һинең юлдарыңдан йөрөгән, Һинең әмерҙәреңде онотмағандарҙы Һәр йәһәттән хуплап ҡаршылайһың. Һин асыуландың – беҙ оҙаҡ гонаһ ҡылдыҡ. Инде ҡотолоу таба алырбыҙмы? Беҙ һәммәбеҙ нәжес һымаҡ булдыҡ, Тәҡүәлегебеҙ бысранған кейем кеүек. Бөтәбеҙ ҙә япраҡ һымаҡ һулыныҡ, Ғәйептәребеҙ беҙҙе ел һымаҡ алып китә. Исемеңде әйтеп саҡырған, Һин тип йән атҡан бер кем юҡ. Шуға күрә беҙҙән йөҙ йәшерҙең, Беҙҙе үҙ ғәйептәребеҙҙең ихтыярына бирҙең. Тик шулай ҙа, Раббы, Һин – беҙҙең Атабыҙ! Беҙ – балсыҡ, ә Һин – беҙҙең көршәксе. Барыбыҙ ҙа – Һинең ҡулдарыңдың эше. Йә Раббы, самаһыҙ асыуланма, Ғәйептәребеҙҙе гел иҫеңдә тотма. Ҡараһаңсы: беҙ барыбыҙ ҙа – Һинең халҡың! Изге ҡалаларың сүлгә әйләнде, Сион – сүллек, Йәрүсәлим бушап ҡалды. Аталарыбыҙ Һине данлаған урын – Мөҡәддәс һәм күркәм ҡорамыбыҙ яндырылды, Бөтә ҡәҙерле нәмәбеҙ һәләк булды. Быларҙан һуң да, йә Раббы, Үҙеңде тыйып торорһоңмы? Өндәшмәйенсә беҙҙе самаһыҙ ғазапларһыңмы? «Мине һорамағандарға яуап бирергә әҙер инем, Мине эҙләмәгәндәргә табылдым. Исемем менән саҡырмаған ҡәүемгә: „Мин бындамын – бында!“ – тинем. Яман юлдан йөрөгән, Үҙҙәре теләгәнсә ҡыланған Фетнәсел халыҡҡа көнө буйы Ҡулдарымды һуҙып торҙом. Ул халыҡ, баҡсаларҙа ҡорбан салып, Кирбестәр өҫтөндә хуш еҫ төтәтеп, Күҙ алдымда даими Мине рәнйетә. Улар ҡәберлектәрҙә ултырып, Йәшерен урындарҙа төнәйҙәр, Сусҡа ите ашайҙар; Ҡаҙандарында хәрәм ит ҡайнаталар. Бер-береһенә әйтәләр: „Йыраҡ тор, Миңә яҡынлама, сөнки мин һинән изгерәкмен“. Уларҙың барыһы көнө буйы янып торған ут һымаҡ, Төтөндәре танауымды әсеттерә. Былар барыһы алдымда яҙылған. Мин өндәшмәйенсә ҡалмам – әжерен ҡайтарырмын. Ҡылғандарын баштарына төшөрөрмөн. Уларҙы үҙҙәренең гонаһтары өсөн дә, Аталарының гонаһтары өсөн дә язалармын, – ти Раббы. – Улар тауҙарҙа хуш еҫ төтәттеләр, Ҡалҡыулыҡтарҙа Мине хурланылар. Шуға күрә ҡылғандарына ҡарап, Әжерен тулыһынса бирермен». Раббы былай ти: «Йөҙөм тәлгәшендә һут булғанда: „Әрәм итеп ҡуйма, унда бәрәкәт бар“, – тиҙәр. Ҡолдарым хаҡына Мин дә шулай эшләрмен, Уларҙың һәммәһен дә һәләк итмәм. Яҡуп нәҫеленән яңы быуын тыуҙырырмын, Йәһүҙә тоҡомонан тауҙарыма хужа сығарырмын. Һайлап алған халҡым шул тауҙарҙы биләп алыр. Минең ҡолдарым шунда йәшәр. Мине эҙләгән халҡыма Шарон үҙәне – көтөүҙәр өсөн утлау, Ғахор үҙәне мал-тыуарға ял урыны булыр. Ә һеҙҙе иһә, Раббыны ташлаған, Изге тауымды онотҡан, Бәхет илаһына табын япҡан, Яҙмыш илаһына туҫтаҡлап шарап һонған бәндәләрҙе, Ҡылыс хөкөмөнә тапшырырмын: Һәммәгеҙ теҙ сүгерһегеҙ, боғаҙланырһығыҙ. Сөнки саҡырҙым – яуап ҡайтарманығыҙ, Мин әйттем – тыңламанығыҙ; Мин яман һанағанды ҡылдығыҙ, Мин хуш күрмәгәнде һайланығыҙ». Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Минең ҡолдарым ашар, һеҙ ас ҡалырһығыҙ. Ҡолдарым эсер, һеҙ сарсауҙан ғазап сигерһегеҙ. Улар шатланыр, һеҙ иһә хурлыҡҡа төшөрһөгөҙ. Ҡолдарым ҡыуанып күңел асыр, Һеҙ йән ғазабынан иңрәрһегеҙ, Рухығыҙ һынғандан һыҡрарһығыҙ. Исемегеҙ һайлап алған халҡымдың ауыҙында Бары ҡарғыш өсөн тороп ҡалыр. Раббы Хаким һеҙҙе үлемгә дусар итер, Ә Үҙенең ҡолдарына башҡа исем бирер. Был илдә кем үҙенә фатиха һорай, Шул Тоғро Алла исеме менән доға ҡылыр. Илдә әгәр берәйһе ант итһә, Тоғро Алланың исеме менән ант итер. Элекке ҡайғылар онотолор, Хәсрәт күҙ алдымдан юҡҡа сығыр». Раббы былай ти: «Бына ҡара! Мин яңы күк, яңы ер яратам. Үткән эштәр инде хәтергә алынмаҫ; Бүтәнсә башҡа ла инеп сыҡмаҫ. Ғәмәлдәремә мәңге ҡыуанып һөйөнөгөҙ; Йәрүсәлимде ҡыуаныс итеп, Халҡын ҡыуаныс сығанағы итеп бар ҡылам! Мин Йәрүсәлим өсөн һөйөнөрмөн, Халҡым өсөн шатланырмын. Унда башҡаса илау тауышы, Аһ-зар ишетелмәйәсәк. Инде унда яңы тыуған сабыйҙар үлмәҫ, Өлкән йәшкә етмәйенсә, һис кем вафат булмаҫ. Берәйһе йөҙ йәштә донъя ҡуйһа, „Йәшләй китте“ тип әйтерҙәр, Йөҙгә етмәй киткәнде ҡарғалған тип һанарҙар. Улар, өйҙәр һалып, шунда йәшәр, Баҡсалар үҫтереп, емешен ашарҙар. Инде улар һалған йорттарҙа башҡалар йәшәмәҫ, Улар үҫтергән йөҙөм ағасының емешен башҡалар ашамаҫ, Халҡымдың ғүмере ағастар ғүмереләй оҙон булыр, Мин һайлап алғандар үҙ хеҙмәт емешенең рәхәтен күрер. Уларҙың хеҙмәте бушҡа китмәҫ, Тапҡан балалары бәлә-ҡаза күрмәҫ. Сөнки үҙҙәре лә, балалары ла Раббы фатихалаған тоҡом буласаҡ. Улар Мине саҡырғансы уҡ яуап бирермен, Өндәшеп тә өлгөрмәҫтәр, ишетермен. Бүре менән бәрәс бергә утлар, Арыҫлан хас үгеҙ һымаҡ һалам ашар. Йыландың ейгәне тупраҡ булыр. Изге тауымдың бер ерендә лә Бер кем һис зарар килтермәҫ, зыян итмәҫ». Раббы шулай ти. Раббы былай ти: «Күк – тәхетем Минең, Ә ер – аяҡтарым аҫтындағы баҫҡыс. Һеҙ Миңә ниндәй йорт һалып бирә алаһығыҙ? Ҡайһы урында Мин тынғылыҡ табырмын? Быларҙың барыһын да Үҙ ҡулдарым менән яратҡанмын, Һәммәһе шулай барлыҡҡа килде, – тип белдерә Раббы. – Мин баҫалҡы күңеллегә, рухы төшөнкөгә, Һүҙемдән тетрәнеп торғандарға бағам. Әммә кешеләр был юлды үҙҙәре һайлап ала, Улар ерәнгес эштәренән ләззәт таба. Шуға күрә үгеҙ ҡорбан итеүсе – кеше үлтереүсегә, Һарыҡ салыусы – эттең муйынын бороп һындырыусыға, Икмәк саҙаҡаһы килтереүсе – ҡорбан итеп сусҡа ҡанын һоноусыға, Иҫтәлекле хуш еҫ ҡорбаны төтәтеүсе ботҡа сәждә ҡылыусы бәндәгә тиң. Мин дә Үҙ юлымды һайлайым: Уларҙы ғазапҡа дусар итәм, Ниҙән ҡурҡһалар, шуны баштарына ебәрәм. Сөнки Мин саҡырғанда яуап ҡайтарыусы булманы, Мин һөйләгәндә тыңламанылар, Мин яман һанағанды эшләнеләр, Мин хуп күрмәгәнде һайланылар». Эй Раббының һүҙен ишетеп тетрәнгәндәр, Уның һүҙенә ҡолаҡ һалығыҙ: «Минең исемем арҡаһында һеҙгә нәфрәт һаҡлаған, Һеҙҙе ҡыйырһытҡан ҡәрҙәштәрегеҙ: „Әйҙә Раббы Үҙенең шөһрәтен күрһәтһен, Беҙ шатланғанығыҙҙы күрәйек“, – тиҙәр. Әммә улар оятҡа ҡаласаҡ». Ҡаланан шау-шыу, Ҡорамдан бер тауыш килә! Дошмандарынан үс алған Раббы тауышы был. «Тулғаҡ тотоп өлгөрмәне, тыуҙырҙы; Ауыртыныу тоймаҫ борон уҡ бер ул тапты! Кемдең бындай хәлде ишеткәне бар? Быны кемдең күргәне бар? Бер көн эсендә ил бар булырмы? Бер юлы халыҡ тыуа алырмы? Сион иһә тулғағы башланыр-башланмаҫтан Балаларын тыуҙырҙы. Тыуымға килтереп еткерҙем дә Тыуҙырырға ярҙам итмәмме ни? – ти Раббы. – Тыуҙырырға ярҙам иткән Мин Йөктән ҡотолорға ирек бирмәмме? – ти Аллаң. Йәрүсәлим менән бергә һөйөнөгөҙ, Эй уны яратҡандар, барығыҙ ҙа уның өсөн шатланығыҙ. Йәрүсәлим өсөн йәш түккәндәр, Уның менән бергә ҡыуанығыҙ. Һеҙ әсәйегеҙ Йәрүсәлимдең күкрәк һөтөн имерһегеҙ, Үҙегеҙгә йыуаныс табырһығыҙ. Мул ниғмәтен татып, зауыҡланырһығыҙ». Раббы былай ти: «Бына Мин Сионға именлек-бәрәкәтте йылға һымаҡ, Ҡәүемдәрҙең байлығын ташҡын һыу кеүек ағыҙырмын. Сион һеҙҙе имсәк бала һымаҡ, күтәреп йөрөтөр, Тубығына ултыртып иркәләр. Сабыйын әүрәткән әсә һымаҡ Мин дә һеҙҙе йыуатырмын; Йәрүсәлимдә йыуаныс табырһығыҙ. Быларҙы күреп, күңелегеҙ шатлыҡҡа тулыр; Тәнегеҙ йәш үлән һымаҡ ҡеүәтләнер. Һәр кем белер, Раббы Үҙ ҡолдарына ҡөҙрәтен, Дошмандарына иһә асыуын күрһәтер». Бына ҡара! Раббы ут эсендә килә, Уның яу арбалары ҡойон шикелле. Ул ярһып асыуын түгер, Ажарын ут һымаҡ сәсер. Сөнки Раббы бөтә кешелеккә Ут һәм ҡылыс менән хөкөм ҡылыр – Уның ҡулынан юҡ ителгәндәр һанһыҙ булыр. «Әйҙәүселәргә эйәреп баҡсаларға табынырға барыу өсөн үҙҙәрен паклағандар, сусҡа, сысҡан һәм башҡа ерәнгес йәнлектәрҙең итен ашағандар һәммәһе һәләк буласаҡ, – тип белдерә Раббы. – Мин уларҙың ғәмәлдәрен дә, фекерҙәрен дә беләм. Бөтә ҡәүемдәрҙе һәм телдәрҙе бергә туплаған сағым етер. Улар килеп Минең шөһрәтемде күрәсәк. Араларына бер билдә ҡуясаҡмын. Иҫән ҡалғандарының ҡайһыларын ҡәүемдәргә – Таршишҡа, Пулға, йәйә киргәндәр иле Лудҡа, Тувалға, Яуанға, даным хаҡында ишетмәгән, шөһрәтемде күрмәгән алыҫтағы диңгеҙ буйҙарындағы халыҡтарға ебәрәсәкмен. Улар Минең шөһрәтемде был ҡәүемдәргә бәйән итәсәк. Шунан һуң исраилдар Раббының ҡорамына икмәк саҙаҡаларын пак һауыттарҙа нисек алып килһә, улар ҙа бөтә ҡәүемдәрҙән ҡәрҙәштәрегеҙҙе аттарҙа, арбаларҙа, ылауҙарҙа, ҡасырҙарҙа, етеҙ дөйәләрҙә изге тауыма, Йәрүсәлимгә Раббыға бүләк итеп килтерәсәк. Уларҙың араһынан ҡайһы берҙәрен ҡаһин һәм леви итеп алырмын», – ти Раббы. «Мин бар ҡыласаҡ яңы күк менән яңы ер һәр ваҡыт хозурымда нисек торған булһа, – тип белдерә Раббы, – тоҡомоғоҙ менән исемегеҙ ҙә күҙ алдымда шулай торасаҡ. Һәр Яңы ай байрамында, һәр Шәмбе көнөндә бөтә кешеләр килеп алдымда сәждә ҡылыр, – ти Раббы. – Янымдан киткән саҡта улар Миңә ҡаршы баш күтәргәндәрҙең мәйеттәрен күрер. Мәйеттәрҙе кимергән ҡорттар үлмәҫ, уларҙы яндырған ут һис ҡасан һүнмәҫ. Бөтә кешеләр уларға ерәнеп ҡарар». Бинйәмин ерендәге Ғанаҫоҫ ҡалаһы ҡаһиндарынан булған Хилҡияһ улы Йермеяһтың әйткәндәре был. Йәһүҙә батшаһы Йошияһ Амон улы дәүерендә – уның хакимлығының ун өсөнсө йылында Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды. Был Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим Йошияһ улы заманында ла, Сидкияһ Йошияһ улы батшалығының ун беренсе йылының бишенсе айына хәтле – Йәрүсәлим халҡы һөргөнгә ҡыуылғансы – дауам итте. Миңә Раббы һүҙе булды: – Әсәң ҡарынында рәүеш биргәнемә тиклем һине белә инем, Тыуғаныңа тиклем һине Үҙем өсөн һайлап алдым, Ҡәүемдәргә пәйғәмбәр итеп тәғәйенләнем. Мин Уға: – Эй Раббы Хаким, телгә оҫталығым юҡ бит әле, йәшмен, – тип яуап ҡайтарҙым. Ләкин Раббы миңә былай тине: – Һин үҙеңде, йәшмен, тип әйтмә! Мин һине кемгә ебәрһәм, шуға барырһың, һиңә нимә бойорһам, шуны һөйләрһең. Һин уларҙан ҡурҡма. Мин һинең менән бергә булырмын, һине ҡотҡарырмын, – тип белдерә Раббы. Раббы, ҡулын һуҙып, иренемә ҡағылды ла былай тине: – Бына, һүҙҙәремде ауыҙыңа һалдым. Ҡара, бөгөн һине ҡәүем һәм батшалыҡтар өҫтөнән Йолҡоп ташлау, емереү, юҡ итеү һәм һәләк ҡылыу, Төҙөү һәм үҫтереү өсөн ҡуям! Миңә Раббы һүҙе булды. Ул минән: – Эй Йермеяһ, нимә күрәһең? – тип һораны. Мин: – Баҙам ботағын күрәм, – тип яуап бирҙем. – Дөрөҫ күрәһең, – тине Раббы. – Әйткәнемдең тиҙерәк бойомға ашыуын һәр ваҡыт уяу күҙәтәм. Миңә тағы Раббы һүҙе булды: – Нимә күрәһең? – Төньяҡта бер ҡайнап торған ҡаҙан күрәм, ул беҙҙең яҡҡа ауышҡан, – тип яуап ҡайтарҙым. Раббы миңә былай тине: – Был илдә йәшәүселәр өҫтөнә төньяҡтан афәт түгелер. Бына, Мин төньяҡтағы батшалыҡтарҙың Барса ҡәүемдәрен саҡырып алам, – тип белдерә Раббы. – Улар килер, батшалары тәхеттәрен Йәрүсәлим ҡапҡаларының алдына, Йәрүсәлимдең диуарҙарын уратып, Йәһүҙәнең бөтә ҡалалары ҡаршыһына ҡуйыр. Шулай итеп, Мин бөтә яуызлыҡтары өсөн Халҡыма хөкөм ойошторам, Сөнки Үҙ халҡым Мине ташланы, Башҡа илаһтарға хуш еҫ төтәтеп, Үҙ ҡулдары яһаған боттарға сәждә ҡылды. Ә һин билеңде быу ҙа әҙерлән! Мин ни бойорһам, шуның һәммәһен уларға еткер. Уларҙан ҡурҡма, Юҡһа уларҙың алдында үҙеңде ҡурҡыуға һалырмын. Бына, Мин бөгөн һине Нығытмалы ҡала, тимер бағана, Баҡыр диуар итеп бөтә был илгә – Йәһүҙәнең батшалары, түрәләренә, Ҡаһиндарына, ил халҡына ҡаршы ҡуйҙым. Улар һиңә ҡаршы һуғышыр, Әммә һине еңә алмаҫ, Сөнки Мин һинең менән булырмын, Һине ҡотҡарырмын, – тип белдерә Раббы. Миңә Раббы һүҙе булды: – Бар, ошоларҙы Йәрүсәлим халҡына иғлан ит, Раббы былай ти: «Йәш сағыңдағы тоғролоғоңдо, Кәләш сағыңдағы һөйөүеңде, Сүлдә, һис бер нәмә үҫмәй торған ерҙә, Артымдан эйәреп йөрөгәнеңде хәтерләйем. Исраил – Раббы Үҙенә һайлап алған халыҡ, Уңышының тәүге емеше кеүек ине. Уны ашаған һәр кем хөкөм ителде – Баштарына бәлә-ҡаза килде», – тип белдерә Раббы. Эй Яҡуп нәҫеле, Исраилдың бөтә нәҫелдәре, Раббы һүҙен ишетегеҙ! Раббы былай ти: «Ата-бабаларығыҙ Миндә ниндәй ғәйеп таптылар? Ниңә улар Минән алыҫлашты? Мәғәнәһеҙ боттарға эйәрҙеләр ҙә Үҙҙәре мәғәнәһеҙ булып ҡалдылар. Улар: „Беҙҙе Мысырҙан сығарған, Сүлдә, үлем күләгәһе хөкөм һөргән, Кеше аяғы баҫмаған, Һис бер әҙәм йәшәмәгән, Ҡоролоҡтан ярғысланған ерҙә Беҙгә юл күрһәткән Раббы ҡайҙа?“ – тип һораманылар. Мин бит һеҙҙе уңдырышлы ергә алып килдем, Тәмле емешен ашаһын, Байлығын файҙаланһын тигәйнем, Әммә һеҙ килеп еремде нәжесләнегеҙ, Биләмәмде ерәнгес бер урынға әйләндерҙегеҙ. Ҡаһиндар: „Раббы ҡайҙа?“ – тип һораманы. Ҡанун белгестәрегеҙ Мине белмәне; Хакимдарығыҙ Миңә ҡаршы баш күтәрҙе; Пәйғәмбәрҙәр, Бәғел исеменән пәйғәмбәрлек итеп, Бер нәмәгә ярамаҫ боттарға күңел бирҙе. Шуға һеҙҙең менән дәғүәләшәм, – тип белдерә Раббы. – Хатта улдарығыҙҙың улдарына ла дәғүә ҡуясаҡмын! Барығыҙ киттиҙәр йәшәгән утрауға ҡарағыҙ; Ҡыдарға кешеләр ебәрегеҙ; Төпсөнһөндәр, белеп килһендәр: Бындайҙың берәй ҡасан булғаны бармы? Ниндәйҙер халыҡ үҙенең илаһтарын, – Асылда улар ысын булмаһа ла, – алыштырғанмы? Минең халҡым иһә үҙенең Шөһрәтен Файҙаһыҙ боттарға алмаштырҙы! Шаҡ ҡатығыҙ, күктәр, Ҡот осҡос был хәлгә тетрәнегеҙ, – тип белдерә Раббы. – Минең халҡым ике енәйәт эшләне: Мине – тере һыу инешен – ташланы, Үҙенә һыу йыйырға таш ҡаяла соҡор, Һыу тота алмаҫтай ярыҡ соҡор, уйҙы. Исраил ҡолмо ни? Ҡол булып тыуғанмы әллә? Ниңә һуң ул яумал булды? Дошмандары йәш арыҫландай ырылдай, үкерә, Илен бушлыҡҡа әйләндерҙеләр; Ҡалалары яндырылды, Унда йәшәргә кеше ҡалманы. Өҫтәүенә, Ноф менән Тахпанхес халҡы башыңды ярҙы! Үҙеңде етәкләп барған Аллаң Раббыны ташлауың менән Үҙ башыңа быларҙы килтерҙең түгелме? Инде ниңә Мысырға бараһың, Шихор һыуын эсергәме? Ни өсөн Ашшурға юл тотаһың, Евфрат һыуын эсергәме? Һине үҙ яуызлығың үҙе язалар, Хыянатың үҙе һине фашлар. Аллаң Раббыны ташлауыңдың, Минән ҡурҡа белмәүеңдең Ниндәй яман һәм аяныс икәнен күр ҙә аңла, – тип белдерә Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Мин әүәл үк ҡалыбыңды ваттым, Тышауыңды өҙҙөм. „Мин һиңә хеҙмәт итмәйем!“ – тинең, Һәр бейек ҡалҡыулыҡта боттарға табынып, Суҡ ботаҡлы һәр ағас аҫтында фәхешлек иттең. Мин һине иң тос орлоҡтан Һайланма йөҙөм ағасы итеп үҫтергәйнем. Нисек һин әсе емешле, ҡырағай бер йөҙөм булдың? Инде иһә һелте менән күпме йыуынһаң да, Һабын менән ни ҡәҙәрле ышҡыһаң да, Ғәйебеңдең табы күҙ алдымда ҡалыр, – тип белдерә Раббы Хаким. – Нисек һин: „Мин пакмын, Бәғелдәргә эйәрмәнем“, – тип әйтә алаһың? Һинном үҙәнендәге ҡылығыңа баҡ, Нимә эшләгәнеңде күр – Ата дөйә көҫәп, унда-бында сапҡан, Ҡыҙышҡан инә дөйә һин. Дәртенә сыҙаша алмай Елде еҫкәгән ҡырағай ишәкте кем тыя алһын? Ата ишәк уны эҙләп тә йонсомаҫ: Өйөккән айында уны табыу ҡыйын түгел. Башҡа илаһтар артынан сабып, Аяғың сейләнмәһен, Исраил, Тамағың сарсап кипмәһен! Әммә һин: „Өҙ өмөтөңдө! Мин яттарҙы һөйәм, Улар артынан эйәрәм“, – тинең. Бур тотолоп оятҡа ҡалғандай, Исраил халҡы батшалары, башлыҡтары, ҡаһиндары, Пәйғәмбәрҙәре менән бергә хур булыр. Улар ағасҡа: „Һин – минең атам“, Ташҡа: „Мине һин тыуҙырҙың“, – тиҙәр. Ә Миңә йөҙҙәре түгел, арҡалары менән боролдолар. Әммә өҫтәренә бәлә килһә: „Килә һал, ҡотҡар!“ – тип ялынырҙар. Ҡайҙа һуң үҙеңә яһап алған илаһтарың? Башыңа бәлә килгән сағында, Ҡотҡара алһалар, улар тороп килһен. Сөнки ҡалаларың нисәү булһа, Илаһтарыңдың һаны шунса, эй Йәһүҙә! Ни өсөн Минең менән дәғүәләшәһегеҙ? Һәммәгеҙ ҙә Миңә ҡаршы баш күтәрҙе, – тип белдерә Раббы. – Улдарығыҙҙы Мин юҡҡа язаланым – Улар киҫәтеүҙе аңламаны. Ҡылысығыҙ, йыртҡыс арыҫландай, Пәйғәмбәрҙәрегеҙҙе үлтерҙе. Эй һеҙ, был быуындың балалары, Раббының һүҙен тыңлағыҙ! Мин Исраил өсөн бер сүл, Дөм-ҡараңғы төбәк булдыммы ни? Улайһа ни өсөн халҡым: „Ҡайҙа теләһәк, шунда барабыҙ, Башҡаса Һиңә ҡайтмайбыҙ“, – тип белдерә? Еткән ҡыҙ – биҙәүестәрен, Кәләш туй кейемен онотормо? Ә халҡым Мине күптән онотто. Аҙғынлыҡҡа ҡайһылай оҫтаһың! Иң боҙоҡ ҡатынды ла өйрәтә алаһың. Итәктәрең бер ғәйепһеҙ үлтерелгән Ярлы әҙәмдәрҙең ҡанына бысранған. Ә бит һин уларҙы бурлыҡ өҫтөндә тотманың. Әммә, шуға ҡарамаҫтан, Әйтәһең: „Ғәйебем булмағас ни, Раббы миңә асыуланмай“. Ҡара: „Гонаһ ҡылманым“, – тигәнең өсөн Хөкөм итәсәкмен һине. Ниңә унда-бында сабыулайһың, Юлыңды туҡтауһыҙ үҙгәртәһең? Ашшур һине нисек оятҡа ҡалдырған, Мысыр ҙа шулай хурлыҡҡа төшөрөр. Ҡулдарың менән башыңды аймап, Унан да сығырһың, сөнки Раббы Һин өмөт бағлағандарҙан ваз кисте, Улар менән уңыш ҡаҙана алмаҫһың». «Әгәр ҙә ир ҡатынын айырып ебәрһә, Ҡатын, унан киткәс, икенсегә сыҡһа, Ул ир ҡабаттан ҡатынына ҡайта аламы? Ул рәүешле ил нәжескә батмаймы? Һин күп уйнаштарың менән зина ҡылдың. Инде Миңә ҡайтырға йыйынаһыңмы? – тип белдерә Раббы. – Яланғас түбәләргә күтәрелеп ҡара ла күр: Һин фәхешлек итмәгән урын ҡалдымы? Юл ситендә уйнаштарыңды көтөп, һин Сүлдәге юлбаҫар һымаҡ ултырҙың; Фәхешлегең, яуызлығың менән ерҙе нәжесләнең. Шул арҡала яуындар туҡталды, Хатта яҙғы ямғыр яуманы, Шунда ла фәхишә һымаҡ битһеҙһең, Оят тигәнде белмәйһең. Ә хәҙер инде һин миңә: „Атам! – тиһең. – Һин – минең йәшлек дуҫым! Шулай Ул һәр ваҡыт асыулы булырмы? Ярһыуын мәңгегә онотмаҫмы?“ – тип әйтәһең. Үҙең иһә һаман яуызлыҡ ҡылаһың». Йошияһ батшалыҡ иткән осорҙа Раббы миңә былай тине: – Хыянатсыл Исраилдың нимәләр эшләгәнен күрҙеңме? Ул, һәр бер бейек тауға, суҡ ботаҡлы ағас аҫтына барып, уйнаш итте. Шулай ҡыланғанынан һуң да: «Миңә кире ҡайт», – тинем. Әммә ул ҡайтманы. Хаин һеңлеһе Йәһүҙә быны күреп торҙо. Миңә хыянат иткән Исраилды, зинаһы өсөн айырылышыу ҡағыҙы тоттороп, ҡыуып ебәрҙем. Шул саҡта ла ҡарындашы хаин Йәһүҙәнең ҡурҡмағанын, фәхешлеккә бирелгәнен күрҙем. Йәһүҙә тыйғыһыҙ фәхешлеге менән ерҙе нәжесләне, таш менән дә, ағас менән дә зина ҡылды. Быларҙың барыһына ҡарамаҫтан, Исраилдың хаин һеңлеһе Йәһүҙәнең дә Миңә боролоуы ысын күңелдән түгел ине, ул бары тоғро булып ҡыланды ғына, – тип белдерә Раббы. Раббы миңә: – Хыянатсыл Исраил хаин Йәһүҙәгә ҡарағанда тоғрораҡ булып сыҡты, – тине. – Бар, төньяҡҡа ошо һүҙҙәрҙе еткер, әйт: «Кире ҡайт Миңә, хыянатсыл Исраил! Һиңә асыуымды түкмәм, Мин Үҙемдең һөйөүемә тоғромон, – тип белдерә Раббы. – Асыуым мәңгегә бармаҫ. Тик һин ғәйебеңде таны: Аллаң Раббыға ҡаршы баш күтәрҙең, Һәр бер суҡ ботаҡлы ағас аҫтында Наҙҙарыңды ят илаһтарға өләштең, Әйткәндәремә ҡолаҡ һалманың, – тип белдерә Раббы. – Эй мөртәт балалар, кире ҡайтығыҙ, сөнки Мин һеҙҙең Хужағыҙ, – тип белдерә Раббы. – Һәр ҡаланан берәрегеҙҙе, һәр нәҫелдән икешәрегеҙҙе алып, һеҙҙе Сионға кире ҡайтарырмын. Мин һеҙгә күңелем ятҡан көтөүселәрҙе бирермен, улар һеҙҙе зирәклек һәм аҡыл менән көтөр. Һеҙ был ерҙә бик ишәйеп, үрсеп киткән көндәрҙә, – тип белдерә Раббы, – ул көндәрҙә Раббының Килешеү һандығы тураһында бер кем дә һөйләмәҫ. Улар Һандыҡ тураһында уйламаҫ, уны иҫкә лә алмаҫ, һағынмаҫ һәм яңыһын яһамаҫ. Ул ваҡытта Йәрүсәлимде Раббы тәхете тип атарҙар. Бөтә халыҡтар Йәрүсәлимгә Раббы исемен хөрмәтләргә ағылыр. Бынан ары улар үҙҙәренең яуыз һәм тиҫкәре йөрәктәре ҡушҡанса эшләмәҫ. Ул көндәрҙә Йәһүҙә нәҫеле менән Исраил нәҫеле бергәләшеп төньяҡтағы илдән Мин аталарығыҙға биләмә итеп биргән ергә киләсәк». «Мин, Раббы, эсемдән генә былай тигәйнем: Ни тиклем һине Үҙ балаларым араһына ултыртырға, Һиңә гүзәл ерҙе – Ҡәүемдәрҙең ғәжәйеп биләмәһен бирергә теләгәйнем. Миңә „Атай“ тиеп өндәшерһең, Минән айырылмаҫһың, тип уйлағайным. Тик, эй Исраил нәҫеле, Миңә хыянат иттең! Һин иренә хыянат иткән ҡатын һымаҡ булдың», – тип белдерә Раббы. Яланғас ҡалҡыулыҡтарҙа ыңғырашыу – Исраил халҡының һыҡтап ялбарыуы ишетелә. Сөнки улар тоғро юлдан яҙҙы, Раббыны, үҙҙәренең Аллаһын, онотто. «Кире ҡайтығыҙ, мөртәт балалар: Хыянатығыҙҙан дауалармын». «Бына беҙ Һиңә киләбеҙ, – тиер улар. – Сөнки Һин – Раббы, беҙҙең Аллабыҙ! Ысынлап та, ҡалҡыулыҡтарҙа – ялған, Тауҙарҙа – тик йыйын шауы. Ысынлап та, Исраилдың ҡотолоуы – Беҙҙең Аллабыҙ Раббынан. Әүәлдән алып был әшәке Бәғел Ата-бабаларыбыҙҙың хеҙмәт емешен, Һыйырҙарын, һарыҡ-кәзәләрен, Улдарын, ҡыҙҙарын ашап торған. Әйҙә, оятҡа батып ятайыҡ, Хурлығыбыҙ беҙгә юрған булһын. Сөнки беҙ ҙә, аталарыбыҙ ҙа Йәш сағыбыҙҙан әлегә саҡлы Аллабыҙ Раббыға ҡаршы гонаһ ҡылдыҡ, Аллабыҙ Раббының әйткәненә ҡолаҡ һалманыҡ». «Әгәр кире ҡайтһаң, эй Исраил, – тип белдерә Раббы, – Әгәр Миңә кире ҡайтһаң, Ерәнгес боттарыңды хозурымдан алып бырғаһаң, Башҡаса аҙашып йөрөмәһәң, Ихлас, ғәҙел һәм тоғро рәүештә „Тере Раббы шаһит!“ тип ант итһәң, Шул сағында ҡәүемдәр Минең фатихамды алырҙар, Минең менән маҡтанырҙар». Раббы Йәһүҙә һәм Йәрүсәлим халҡына былай ти: «Сиҙәм ерҙәр күтәрегеҙ, Сәнскәктәр араһына орлоҡ сәсмәгеҙ. Үҙегеҙҙе Мин Раббыға бағышлағыҙ, Йөрәгегеҙҙе сөннәткә ултыртығыҙ, Эй Йәһүҙә халҡы һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәр! Юҡһа ҡылған яуызлыҡтарығыҙ арҡаһында Асыуым ут һымаҡ тоҡаныр, Һис кем һүндерә алмаҫлыҡ булып дөрләр». «Йәһүҙәлә иғлан итегеҙ, Йәрүсәлимдә белдерегеҙ, әйтегеҙ: „Бөтөн илдә мөгөҙ борғо ҡысҡыртығыҙ!“ „Йыйылығыҙ! – тип оран һалығыҙ. – Нығытмалы ҡалаларға ҡасайыҡ!“ Сионға барған юлға билдә ҡуйығыҙ! Тормағыҙ, тиҙерәк ҡасып ҡотолоғоҙ! Сөнки Мин төньяҡтан бәлә, Дәһшәтле һәләкәт ебәрәм». Ана, шырлыҡтан сыҡҡан арыҫлан һымаҡ Халыҡтарҙы һәләк итеүсе юлға сыҡты. Ереңде бушлыҡҡа әйләндерер өсөн Ятҡан урынынан ҡуҙғалды ул. Ҡалаларың емерелер, кешеһеҙ ҡалыр. Шуға күрә ҡыл туҡыма уранығыҙ, Илағыҙ, һыҡтағыҙ; Сөнки Раббының дөрләп янған асыуы Беҙҙе ситләп үтмәне. «Ул көндө, – тип белдерә Раббы, – Батшаның да, түрәләрҙең дә йөрәге ҡалтырар; Ҡаһиндарҙың ҡото осор, пәйғәмбәрҙәр дәһшәткә төшөр». Шунда мин: – Эй Раббы Хаким! Был халыҡты һәм Йәрүсәлимде: «Һеҙгә тыныслыҡ булыр», – тип алданыңмы ни? Ҡылыс боғаҙыбыҙға терәлде бит, – тинем. Ул ваҡытта был халыҡҡа һәм Йәрүсәлимгә Раббы былай тип әйтер: – Сүлдәге яланғас ҡалҡыулыҡтарҙан бисара халҡым яғына көйҙөргөс ел иҫә, әммә ашлыҡты елгәреп сүптән таҙартыу өсөн түгел. Минән килгән был ел ифрат көслө булыр. Инде был халыҡҡа Үҙ хөкөмөмдө әйтермен. Бына дошман болот һымаҡ күтәрелә, Яу арбалары ғәрәсәт кеүек килә; Аттары бөркөттән етеҙерәк. Ҡайғы беҙгә! Һәләк булдыҡ! «Эй Йәрүсәлим, ҡотолор өсөн, Күңелеңдән яуызлыҡты йыуып ташла. Ҡасанғаса булмышыңда боҙоҡ ниәтте һаҡларһың? Дан ҡалаһынан һөрән яңғырай, Әфраим тауҙарынан һәләкәт тураһында хәбәр килә. Ҡәүемдәргә белдерегеҙ, Йәрүсәлимгә иғлан итегеҙ: „Алыҫ илдән ҡамаусылар килә, Йәһүҙә ҡалаларына ҡаршы Уларҙың яу ораны яңғырай!“ Баҫыу ҡарауылсылары һымаҡ Улар Йәрүсәлимде уратып алды. Сөнки был ҡала Миңә ҡаршы баш күтәрҙе! – тип белдерә Раббы. – Тотҡан юлың, ҡылған ғәмәлдәрең арҡаһында Башыңа төштө былар барыһы ла. Ниндәй әрнеткес был язаң! Йөрәгеңә үтеп инә». Эскенәйем яна! Йәнем әрней. Ғазап талай йөрәгемде! Өнһөҙ ҡала алмайым мин, Дошмандың борғо тауышын, Яу ауазын ишетеп, күңелем тетрәнә. Һәләкәт артынан һәләкәт ябырыла; Таланды ил, ҡалды харабаға. Көтмәгәндә сатырҙарым емерелде, Уның шаршауҙары юҡҡа сыҡты. Ҡасанға тиклем күрермен яу әләмен? Ҡасанғаса борғо тауышы ҡолағымда яңғырар? «Халҡым алйот, – ти Раббы. – Ул Мине танымай. Аңһыҙ балалар һымаҡ аҡылдары юҡ. Яманлыҡҡа баштары шәп эшләй, Яҡшылыҡ ҡылырға белмәй». Мин ергә ҡараным: Ана ул, рәүешһеҙ, буп-буш; Күккә баҡтым – унда ла яҡтылыҡ юҡ. Тауҙарға төбәлдем – улар ҡалтырай, Бөтә ҡалҡыулыҡтар дер һелкенә. Тирә-яғыма ҡараным, кеше әҫәре күренмәй, Хатта күктәге ҡоштар ҙа осоп киткән. Ҡараным, сәскә атҡан ер сүлгә әйләнгән, Ундағы бөтә ҡалалар хараба булған Раббы ҡаршыһында, Уның утлы асыу-ярһыуы алдында. Раббы былай ти: «Бөтә ил бушлыҡҡа әйләнер, Әммә бөтөнләй юҡ булыуына юл ҡуймам! Шуға күрә ер йәшкә күмелер, Юғарыла күктәр ҡарайыр. Сөнки Мин әйттем һәм ҡарар иттем, Фекеремдән кире ҡайтмам, Ҡарарымды үҙгәртмәм. Һыбайлы һәм уҡсылар аҡырышыуынан Ҡалаларҙың барлыҡ халҡы ҡаса, Улар урман шырлыҡтарына йүгерә, Ҡаяларға үрмәләй. Бөтә ҡалалар ташландыҡ ҡалды – Уларҙа һис кем йәшәмәй». Эй һин, харабаға әйләнгән ҡала! Ут ҡыҙылдан кейенһәң дә, Алтын биҙәүестәр тағып, Күҙ-ҡашыңа һөрмә тартып Матурланыуыңдан фәтүә юҡ. Уйнаштарың һинән ваз кистеләр, Улар йәнеңде ҡыйырға теләй. Ана, кемдер тулғаҡ тотҡан ҡатындай ҡысҡыра, Тәүге бәпесенән бушана алмаған ҡатын һымаҡ ыңғыраша. Сион-ҡыҙ интегеп ҡулын һуҙа: «Ҡайғы миңә! Йәлләттәремдең алдында Һис бер тәҡәтем ҡалманы!» Раббы былай ти: «Йәрүсәлим урамдарын ҡыҙырып сығығыҙ, Ҡарағыҙ, тикшерегеҙ! Майҙандарынан эҙләгеҙ: Әгәр ғәҙел эш иткән, Дөрөҫлөк эҙләгән кешене тапһағыҙ, Мин ҡаланы ярлыҡайым. Улар: „Тере Раббы шаһит!“ – тип әйтһә лә, Асылда, биргән анттары ялған». Эй Раббы, Һинең күҙҙәрең дөрөҫлөктө күрмәйме ни? Һин был халыҡты туҡманың, әммә улар һиҙмәне лә. Һин уларҙы ҡырҙың, әммә улар һаман киҫәмәне. Йөҙҙәрен таштан да нығыраҡ ҡатырып, тиҫкәреләнеп, Һиңә ҡайтыуҙан баш тартты. Шунда мин эстән уйланым: «Былары – ярлы, наҙан кешеләр. Улар Раббының юлын, Аллаларының ҡағиҙәһен белмәй. Мин затлыларына барайым, Улар менән һөйләшәйем; Әлбиттә, улар Раббының юлын, Аллаларының ҡағиҙәһен белә», – тинем. Әммә улар ҙа ҡалыптарын емергән, Бауҙарын өҙгәндәр икән. Шуға урмандан сыҡҡан арыҫлан уларҙы үлтерер, Сүлдән килгән бүре йыртҡыслар; Ҡалалары янында ҡаплан һағалар, Сыҡҡан береһен йолҡҡослар; Сөнки енәйәттәре ишәйҙе, Хыянаттары саманан ашты. «Нисек Мин һине ғәфү итәйем, Исраил? Балаларың Мине ташланы, Алла булмағандар менән ант итәләр. Мин уларҙы туйҙырҙым, ә улар зина ҡылды, Фәхишәләрҙең өйҙәренә ағылды. Әйтерһең дә, һимертелгән айғыр: Һәр береһе күршеһенең ҡатынына кешнәй. Мин уларҙы бының өсөн язаламайыммы? – тип белдерә Раббы. – Шундай ҡәүемдән үс алмайыммы? Барығыҙ уның йөҙөм баҡсаларына, ҡырығыҙ, Әммә тотош төпләмәгеҙ. Ботаҡтарын ботарлап ташлағыҙ, Инде улар Раббыныҡы түгел. Исраилдың һәм Йәһүҙәнең халҡы Миңә бөтөнләй хыянат итте», – тип белдерә Раббы. Улар Раббы тураһында ялған һөйләнеләр. «Ул бер нәмә лә эшләмәйәсәк, Башыбыҙға бәлә килмәйәсәк, Һуғышты ла, аслыҡты ла белмәйәсәкбеҙ. Пәйғәмбәрҙәр – тик ел генә; Алланың һүҙе уларҙа түгел. Юрағандары үҙ баштарына төшһөн», – тинеләр. Шуға күрә Күк ғәскәрҙәре Аллаһы Раббы былай ти: «Шулай тип һөйләгәндәре өсөн, Эй Йермеяһ, һүҙҙәремде һинең ауыҙыңда ялҡынға әйләндерәм, Был халыҡ иһә утын булыр, Ут уларҙы яндырып бөтөр. Эй Исраил халҡы, Мин алыҫтағы бер ҡәүемде ҡуҙғатам, – тип белдерә Раббы. – Уларҙы һеҙгә ҡаршы ебәрәм. Улар көслө, бик боронғо ҡәүем. Һин уларҙың телдәрен белмәйһең, Уларҙың телмәрен аңламаҫһың. Һаҙаҡтары – гүйә асыҡ ҡәбер, Барыһы ла батыр яугир. Улар һин үҫтергән уңышты, Икмәгеңде ашап бөтөр; Ул-ҡыҙҙарыңдың башына етер; Мал-тыуарыңды тамаҡлар; Йөҙөм һәм инжиреңде ҡалдырмаҫ; Ышанған нығытмалы ҡалаларығыҙҙы Ҡылысы менән емерер. Әммә хатта ул көндәрҙә лә Мин һеҙҙе бөтөнләй ҡырып бөтөрмәм, – тип белдерә Раббы. – Кешеләр: „Аллабыҙ Раббы ни өсөн беҙгә бөтә быларҙы эшләне?“ – тип һораған ваҡытта, былай тип яуап бирерһең, Йермеяһ: „Һеҙ Мине ташланығыҙ, үҙ ерегеҙҙә сит илаһтарға хеҙмәт иттегеҙ. Шуға күрә сит ерҙәрҙә яттарға хеҙмәт итерһегеҙ“». Быны Яҡуп йортонда һөйләгеҙ, Йәһүҙәлә иғлан итегеҙ: «Эй күҙҙәре булып та, күрмәгән, Ҡолаҡтары булып, ишетмәгән Мәғәнәһеҙ, аңра халыҡ, тыңла. Минәнме ҡурҡмайһығыҙ? – тип белдерә Раббы. – Минең алдымдамы ҡалтырамайһығыҙ? Мин диңгеҙгә ҡомдо сик итеп ҡуйҙым, Үтеп булмаҫлыҡ мәңгелек итеп ҡылдым. Тулҡындар ни тиклем ташланһа ла, Шаулап ажғырһа ла, үтә алмаҫ. Әммә был халыҡтың йөрәге тиҫкәре, фетнәсел; Улар боролоп үҙ юлдары менән китте. Эстән генә: „Үҙ мәлендә ямғырын яуҙырған, Яҙын, көҙөн еребеҙҙе һуғарған, Уңыш йыйырға йыл һайын ваҡыт биргән Аллабыҙ Раббынан ҡурҡайыҡ“, – тимәне. Ҡылған енәйәттәрегеҙ ошоларҙан мәхрүм итте, Гонаһтарығыҙ ошо бәрәкәттән айырҙы. Халҡым араһында яман әҙәмдәр бар. Улар ҡош аулаусылар һымаҡ тоҙаҡ ҡоралар; Боҫоп ятып, кеше аулайҙар. Ҡоштар менән тулы ситлек кеүек Уларҙың өйҙәре хәйлә менән тулы. Шул арҡала үрләнеләр, байынылар, Һимерешеп, ялтырап киттеләр, Яманлыҡтары саманан ашты. Улар үкһеҙҙәрҙең дәғүәләрен Ғәҙел хөкөм итмәй, Фәҡирҙең хоҡуҡтарын яҡламай. Ошолар өсөн уларҙы язаһыҙ ҡалдырайыммы? – тип белдерә Раббы. – Ошондай ҡәүемдән үс алмайыммы? Был илдә дәһшәтле һәм ҡурҡыныс хәл бара: Пәйғәмбәрҙәр ялған пәйғәмбәрлек итә; Ҡаһиндар үҙҙәренсә хакимлыҡ ҡыла; Ә Минең халҡыма быларҙың барыһы оҡшай. Әммә ахырҙа һеҙ нимә эшләрһегеҙ икән?» «Эй Бинйәмин нәҫеле, Йәрүсәлимдән ҡаса һалығыҙ! Теҡоғала борғо ҡысҡыртығыҙ! Бейт-Һаккәрәмдә ут яғып белдерегеҙ! Ана, төньяҡтан ҡурҡыныс һәләкәт килә. Наҙлы һәм гүзәл Сион-ҡыҙҙы Мин юҡҡа сығарасаҡмын. Көтөүселәр үҙ малдары менән уға ҡаршы килер; Уны ҡамап сатырҙарын ҡорор, Һәр кем малын үҙ өлөшөнә тейгән ерҙә ашатыр». Дошмандар: «Йәрүсәлимгә ҡаршы һөжүмгә әҙерләнегеҙ! Тороғоҙ, көн үҙәгендә юлланабыҙ, – тиер. – Юҡ инде, һуңғараҡ ҡалдыҡ, Көн кискә ауыша, күләгәләр оҙоная». «Әйҙәгеҙ, төндә һөжүм итәйек, Ҡәлғәләрен емерәйек!» Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Ағас ҡырҡығыҙ, Йәрүсәлимде ҡамап уба ҡороғоҙ. Был ҡала язаланырға тейеш; Уның эсе тулы йәбер-золом. Шишмә һыуы нисек бәреп сыға, Йәрүсәлимдә яуызлыҡ шулай бөркөлә. Унда көсләү, емереү хөкөм һөрә, Гелән күҙ алдымда – сир һәм йәрәхәттәр. Киҫәтеүгә ҡолаҡ һал, эй Йәрүсәлим, Юҡһа һинән ваз кисермен, Һине ташландыҡ ергә, Кешеһеҙ урынға әйләндерермен». Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Йыйғандан һуң ҡалған йөҙөм сүпләп алынғандай, Исраилдың иҫән ҡалғандары йолҡоп алынасаҡ. Гүйә йөҙөм йыйған кеше һымаҡ, Ҡулыңды һуҙ, ботаҡтарҙы тикшереп сыҡ»! Кемгә өндәшәйем? Кемде иҫкәртәйем? Кем әйткәндәремде тыңлар? Уларҙың ҡолаҡтары ҡапланған – бер нәмә лә ишетмәйҙәр; Раббының һүҙен хурлайҙар, Уның менән хушһынмайҙар. Мин Раббының асыуына тулышҡанмын, Уны башҡаса тотоп тыя алмайым. Раббы былай ти: «Асыуымды урамдағы балаларға түк, Йыйылышҡан егеттәрҙең өҫтөнә ауҙар! Ир менән ҡатын да, өлкән кеше лә, Көндәре һанаулыһы ла ҡотола алмаҫ. Өйҙәре баҫыуҙары һәм ҡатындары һымаҡ Башҡа берәүҙәргә биреләсәк; Мин был илдә йәшәүселәргә ҡаршы ҡул күтәрәм, – тип белдерә Раббы. – Ябай халыҡтан алып затлыһына тиклем Хәрәм юл менән табыш көҫәй. Пәйғәмбәрҙән алып ҡаһинға тиклем Барыһы ла ялған эш итә. „Именлек, именлек“, – тиҙәр, Халҡымдың йәрәхәтен өҫтән-мөҫтән имләйҙәр. Ә бит именлек юҡ. Әшәке ғәмәлдәре өсөн оялалармы? Ҡайҙа оялыу, ҡыҙара ла белмәйҙәр! Шуға күрә ҡолағандар араһына йығылырҙар; Уларҙы язалаған сағымда Һөрлөгөп барып төшөрҙәр», – ти Раббы. Раббы былай ти: «„Юлдар сатына баҫып байҡағыҙ. Боронғо юлдарҙы һорашығыҙ, Иң яҡшы юлды һайлап барығыҙ, Шунда йәнегеҙ тыныслыҡ табыр“, – тип әйттем. Тик һеҙ: „Ул юл менән бармайбыҙ“, – тинегеҙ. Һеҙгә күҙәтселәр ҡуйҙым. „Борғо тауышына ҡолаҡ һалығыҙ“, – тинем. Әммә: „Ҡолаҡ һалмайбыҙ“, – тип яуап ҡайтарҙығыҙ. Шуға күрә, эй ҡәүемдәр, ишетегеҙ; Эй йәмәғәт, белеп тороғоҙ – Уларҙың башына ни төшәсәк! Тыңла, ер йөҙө! Был халыҡҡа һәләкәт килтерәм – Яман ниәттәренең емеше был. Сөнки әйткәнемә ҡолаҡ һалманылар, Ҡанун-ҡағиҙәләремдән баш тарттылар. Ни хәжәтемә Шеванан килгән еҫле май? Алыҫ илдән килтерелгән хуш еҫле ҡамыш нимәгә Миңә? Тотош яндырыуҙарығыҙҙы ҡабул ҡылмайым, Ҡорбандарығыҙ Миңә хуш түгел». Шуға күрә Раббы былай ти: «Мин ул халыҡтың алдына Абыныу таштары ҡуям, – Уға һөрлөгөп йығыласаҡтар. Аталар улдары менән бергә, Күршеләр дуҫтары менән бергә һәләк буласаҡтар». Раббы былай ти: «Ана, төньяҡ илдән халыҡ килә, Бөйөк ҡәүем күтәрелә ер сигенән. Ҡулдарында – йәйә, һөңгө; Улар аяуһыҙ һәм мәрхәмәтһеҙ. Тауыштары диңгеҙ олоуындай; Аттарҙа сабып киләләр, Бер кешеләй яуға теҙеләләр Һиңә ҡаршы һуғышырға, эй Сион-ҡыҙ!» «Улар хаҡында хәбәр ишетеп, Ҡулыбыҙ һәленеп төштө. Тулғаҡ тотҡан ҡатын кеүек, Әрнеү-ғазап йәнебеҙҙе өттө. Ҡырға сыҡмағыҙ, юлда йөрөмәгеҙ! Сөнки һәр тарафта – дошман ҡылысы, Тирә-яҡта – дәһшәт», – ти Йәрүсәлим халҡы. Бисара халҡым, ҡыл туҡыма уран, Көлгә ятып ауна. Яңғыҙ улың өсөн йәш түккәндәй, Әсенеп, әрнеп ила, Сөнки дошман беҙгә көтмәгәндә һөжүм итер. «Йермеяһ, һине халҡыма һынаусы итеп ҡуям. Көмөштөң сифатын билдәләгән оҫта һымаҡ, Уларҙың тотҡан юлын күҙәтеп баһала. Уларҙың бөтәһе лә тиҫкәре һәм башбаштаҡ, Ғәйбәт йөрөтөргә яраталар; Баҡыр йә тимер һымаҡ ҡатылар, Барыһы ла боҙоҡлоҡ ҡылалар. Ана, күрек аяуһыҙ өрҙөрә, Ҡара ҡурғаш утта иреп бөттө, Тик иретеүсенең эше юҡҡа булды: Юшҡын айырылып сыҡманы. Уларҙы „эшкә ашмаған көмөш“ тип атарҙар, Сөнки Раббы уларҙан баш тартты». Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды: – Раббы йортоноң ҡапҡаһы янына баҫ та кешеләргә бына ошо һүҙҙәрҙе еткер: «Раббыға ғибәҙәт ҡылыр өсөн был ҡапҡанан ингән барлыҡ Йәһүҙә кешеләре, Раббы һүҙен тыңлағыҙ! Исраилдың Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: тормош рәүешегеҙҙе, ғәмәлдәрегеҙҙе төҙәтегеҙ, шул сағында Мин һеҙҙе был урында йәшәргә ҡалдырырмын. „Бында Раббының ҡорамы! Раббының ҡорамы, Раббының ҡорамы бында!“ – тигән алдатҡыс һүҙҙәргә ышанмағыҙ. Әгәр ҙә һеҙ ысынлап та дөрөҫ йәшәһәгеҙ, яҡшы ғәмәлдәр ҡылһағыҙ, бер-берегеҙгә ҡарата ғәҙел эш итһәгеҙ, килмешәкте, етемде һәм тол ҡатынды йәберләмәһәгеҙ, был урында ғәйепһеҙ кешенең ҡанын түкмәһәгеҙ, башығыҙға бәлә алып, сит илаһтарға табынмаһағыҙ, шул саҡта һеҙҙе ата-бабаларығыҙға мәңгелеккә тип бирелгән ошо ерҙә йәшәргә ҡалдырырмын. Әммә һеҙ ялғанға ышанаһығыҙ, ләкин бының файҙаһы юҡ. Урлашаһығыҙ, кеше үлтерәһегеҙ, зина ҡылаһығыҙ, ялған ант бирәһегеҙ, Бәғелгә хуш еҫ төтәтәһегеҙ, үҙегеҙ элек белмәгән илаһтарға эйәрәһегеҙ. Шунан Минең исемемә бағышланған ошо йортҡа килеп, хозурыма баҫаһығыҙ ҙа: „Беҙ ҡотолдоҡ!“ – тиһегеҙ. Бындай ерәнгес эштәрегеҙҙе дауам итер өсөнмө? Минең исемемә бағышланған ошо йорт һеҙҙеңсә ҡараҡтар ояһына әйләндеме ни? Мин бит быларҙың барыһын да күрә йөрөйөм, – тип белдерә Раббы. – Барығыҙ Шилоға, Мин тәү тапҡыр исемемде төйәкләндергән урынды ҡарағыҙ! Халҡым Исраилдың яуызлығы арҡаһында уны нимә эшләткәнемде күрегеҙ. Һеҙ уларҙың яуызлыҡтарын ҡабатлаған саҡта, – тип белдерә Раббы, – Мин һеҙгә ҡайта-ҡайта әйттем – ишетмәнегеҙ, саҡырҙым – яуап ҡайтарманығыҙ. Шулай икән, исемемә бағышланған, өмөтөгөҙҙө бағлаған был ҡорамды ла, һеҙгә һәм ата-бабаларығыҙға биргән урынды ла Шило хәленә ҡалдырасаҡмын. Әфраим тоҡомонан булған ҡәрҙәштәрегеҙҙе нисек ҡыуып ебәргән булһам, һеҙҙе лә шулай хозурымдан ҡыуам». Ә һин, Йермеяһ, башҡаса был халыҡ өсөн доға ҡылма, улар өсөн ялбарма. Ялынма, ярлыҡау һорама – барыбер ҡолаҡ һалмаясаҡмын. Йәһүҙә ҡалаларында һәм Йәрүсәлим урамдарында уларҙың ни ҡыланғандарын күрмәйһеңме ни? Балалары утын йыя, аталары усаҡ яға, ҡатындар Күк алиһәһенә күмәс бешерер өсөн ҡамыр баҫа. Минең асыуыма тейер өсөн башҡа илаһтарға түкмә ҡорбан килтерәләр. Тик улар Мине кәмһетәме ни? – тип белдерә Раббы. – Үҙҙәренә зыян килтерәләр, үҙҙәрен оятҡа ҡалдыралар. – Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: ҡара, Мин асыу-ярһыуымды ошо урынға, кешеләргә һәм хайуандарға, ҡырҙағы ағастарға һәм ер биргән емештәргә түгәм. Асыуым һүнмәҫ ялҡын һымаҡ яныр. Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Исраил Аллаһы былай ти: – Тотош яндырыу ҡорбандарығыҙҙы башҡа ҡорбандарығыҙға өҫтәгеҙ ҙә итен ашағыҙ! Ата-бабаларығыҙҙы Мысырҙан сығарған ваҡытта, Мин тотош яндырыу һәм башҡа ҡорбандар хаҡында бойороҡ бирмәнем. Мин уларға шундай әмер биргәйнем: «Мине тыңлағыҙ! Шунда Мин – һеҙҙең Аллағыҙ, ә һеҙ Минең халҡым булырһығыҙ. Үҙегеҙгә яҡшы булһын өсөн Мин күрһәткән юлдан йөрөгөҙ», – тинем. Әммә улар тыңламаны, ҡолаҡтарына ла элмәне, тиҫкәре яуыз күңелдәре теләгәнсә йәшәне, алға бармай, артҡа киттеләр. Ата-бабаларығыҙ Мысырҙан сыҡҡан ваҡыттан алып бөгөнгә тиклем Мин һеҙгә ҡабат-ҡабат Үҙемдең ҡолдарымды – пәйғәмбәрҙәрҙе ебәреп торҙом. Әммә һеҙ Мине тыңламанығыҙ, ҡолаҡ һалманығыҙ. Тиҫкәреләнеп ата-бабаларығыҙҙан да яманыраҡ ҡыландығыҙ. Һин, Йермеяһ, быларҙың бөтәһен дә уларға һөйләрһең, әммә улар һиңә ҡолаҡ һалмаясаҡ. Һин уларҙы саҡырырһың, әммә улар яуап ҡайтармаясаҡ. Шуның өсөн һин уларға әйт: «Үҙенең Аллаһы Раббыны тыңламаған, Уның өгөт-нәсихәтен тотмаған халыҡ – һеҙ ул! Хәҡиҡәт юҡ булды, ауыҙығыҙҙан хаҡ һүҙ сыҡмаҫ булды». Эй Йәрүсәлим, сәсеңде ҡырҡып ташла, Яланғас ҡалҡыулыҡтарҙа һыҡта. Сөнки асыуын ҡабартҡан был нәҫелдән Раббы ваз кисте, уны ташланы. – Йәһүҙә халҡы күҙ алдымда яуызлыҡ ҡылды, – тип белдерә Раббы. – Минең исемемә бағышланған был ҡорамға ерәнгес боттарын ҡуйҙылар, уны нәжесләнеләр. Улдарын һәм ҡыҙҙарын утта яндырыу өсөн Бен-Һинном үҙәнендәге Төфәҫтә табыныу ҡалҡыулығы яһанылар. Ә Мин улай эшләргә ҡушманым, хатта уйымда ла булманы. Шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – был урынды Төфәҫ тип тә, Бен-Һинном үҙәне тип тә түгел, Һуйыш үҙәне тип атарҙар. Унда үлеләрҙе урын ҡалмағанға тиклем күмәсәктәр. Был халыҡтың мәйеттәре күктәге ҡоштарға ем, ерҙәге йәнлектәргә емтек булып аунап ятыр, уларҙы ҡыуырлыҡ та кеше ҡалмаҫ. Йәһүҙә ҡалаларында һәм Йәрүсәлим урамдарында шатлыҡ ауаздарына, күңел асыуҙарға, кейәү менән кәләштең тауыштарына сик ҡуясаҡмын. Был ил бушлыҡҡа әйләнәсәк. – Ул ваҡытта, – тип белдерә Раббы, – Йәһүҙә батшаларының һөйәктәре, түрәләренең, ҡаһиндарының, пәйғәмбәрҙәренең һәм Йәрүсәлим халҡының һөйәктәре ҡәберҙәренән сығарып бырғалыр. Уларҙың һөйәктәре үҙҙәре яратҡан, хеҙмәт иткән һәм арттарынан эйәргән, кәңәш һораған, алдарында сәждә ҡылған ҡояштың, айҙың, башҡа күк есемдәренең аҫтында туҙрап ятыр. Ул һөйәктәрҙе бер кем дә йыйып алып ерләмәҫ, тупраҡ өҫтөндә тиреҫ булып ята бирерҙәр. Был яуыз нәҫелдең иҫән ҡалғандары Мин уларҙы һөргән ерҙәрҙә үлемде йәшәүҙән артыҡ күрерҙәр, – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Әйт уларға, Раббы былай ти: «Кеше йығылһа, торорға тырышмаймы? Юлында аҙашһа, кире боролмаймы? Ни өсөн был халыҡ аҙашып йөрөй, Ниңә Йәрүсәлим тоғро юлға ҡайтмай? Улар ялғанға сат йәбешеп алғандар, Кире ҡайтыуҙан баш тарталар. Мин иғтибар менән тыңлап торҙом: Улар дөрөҫөн һөйләмәй. Һис кем: „Нишләнем мин?“ – тимәй, Яуызлыҡ ҡылғанына үкенмәй. Күҙе тоноп, яуға йомолған ат һымаҡ Һәр береһе үҙ юлынан саба бирә. Ә бит хатта күктәге ҡауҙы ла үҙ миҙгелен белә, Алатуба ла, ҡарлуғас та, торна ла Ваҡыт еткәс кенә ҡайта. Ә Минең халҡым үҙ Раббыһының Ҡанун-ҡағиҙәләрен белмәй. Нисек һеҙ: „Беҙ аҡыллы, Беҙҙә Раббы ҡануны бар“, – тип әйтәһегеҙ? Ҡарағыҙ, кәтиптәрҙең алдаҡсы ҡәләме Уны ла ялғанға әйләндерә! Аҡыл эйәләре оятҡа ҡалды, Сараһыҙлыҡҡа төштө, тоҙаҡҡа эләкте. Улар Раббы һүҙенән баш тартты – Шунан, ҡайҙа уларҙың аҡылы? Шуға күрә ҡатындарын – башҡаларға, Баҫыуҙарын бүтән хужаларға бирәм. Ябай халыҡтан алып затлыһына тиклем Хәрәм юл менән табыш көҫәй. Пәйғәмбәрҙән алып ҡаһинға тиклем Барыһы ла ялған эш итә. „Именлек, именлек“, – тиҙәр, Бисара халҡымдың йәрәхәтен өҫтән-мөҫтән имләйҙәр. Ә бит именлек юҡ. Әшәке ғәмәлдәре өсөн оялалармы? Ҡайҙа оялыу, ҡыҙара ла белмәйҙәр! Шуға күрә ҡолағандар араһына йығылырҙар; Улар язаланған мәлдә Һөрлөгөп барып төшөрҙәр», – ти Раббы. «Мин уларҙың бөтә уңышын тартып алырмын, – тип белдерә Раббы. – Ботағында бөртөк йөҙөм, Инжир ағасында өҙөп алыр емеш ҡалмаҫ; Хатта япраҡтары һулып ҡойолор. Уларға нимә биргәнмен, барыһы ла Ҡулдарынан тартып алынасаҡ». «Нишләп ултырабыҙ һаман? – ти Йәһүҙә халҡы. – Тороғоҙ, ҡасайыҡ нығытмалы ҡалаларға, Шунда үлемебеҙҙе көтөп алырбыҙ! Аллабыҙ Раббы әжәлгә дусар итте, Эсергә ағыулы һыу бирҙе, Сөнки Уға ҡаршы гонаһ ҡылдыҡ. Беҙ именлек көттөк, әммә яҡшылыҡ килмәне. Шифа тапмаҡсы инек, ҡазаға дусар булдыҡ. Дан яғынан дошман аттарының бышҡырыуы ишетелә; Айғырҙарҙың көслө кешнәүенән ер һелкенә. Дошман, илебеҙҙе, ундағы бөтә нәмәне, Ҡалаларҙы тар-мар итеп, кешеләрҙе үлтермәксе». «Бына, өҫтөгөҙгә ағыулы йыландар, Арбап булмай торған йыландар ебәрәм, Улар һеҙҙе сағасаҡ», – тип белдерә Раббы. Шатлығым ҡалманы минең, Ҡайғыларыма дауа юҡ, әрней йөрәк. Ана, алыҫ илдән бисара халҡымдың иңрәүен ишетәм: «Раббы Сионда юҡмы ни? Уның Батшаһы унда түгелме?» «Нишләп улар боттары, Бер нәмәгә яраҡһыҙ ят һындары менән Минең асыуымды килтерҙеләр?» – тип яуап ҡайтара Раббы. «Ураҡ ваҡыты үтте, йәй ҙә тамам, Беҙгә һаман ҡотолоу килмәне», – ти халыҡ. Бисара халҡым яраһы арҡаһында мин дә яраландым, Ҡайғыға баттым, дәһшәткә төштөм. Нимә, Ғилғәдтә бәлзәм юҡмы ни? Әллә унда табип юҡмы? Улай булғас, ниңә бисара халҡым шифа тапмай? Әгәр ҙә башым – инеш, Күҙҙәрем йәш шишмәһе булһа, Бисара халҡымдың үлтерелгәндәре өсөн Көнө-төнө илар инем! Әгәр сүлдә бер ҡуналҡам булһа, Улар араһынан алыҫыраҡ булыр өсөн Мин халҡымды ташлап китер инем! Улар барыһы ла уйнашсылар, Хыянатсылар өйөрө. «Телдәрен йәйәләй киреп алдашалар; Көстәрен дөрөҫлөк юлында ҡулланмайҙар, Яуызлыҡ өҫтөнә яуызлыҡ ҡылалар, Улар Мине танымайҙар, – тип белдерә Раббы. – Һәр берегеҙ дуҫынан һаҡланһын, Ағай-энегеҙгә ышанмағыҙ, Сөнки туған туғанына аяҡ сала, Күрше күршеһенә яла яға. Һәр кем үҙенең күршеһен алдай, Береһе лә дөрөҫөн һөйләмәй. Телдәрен ялғанға өйрәтеп бөткәндәр; Хәлдән тайғансы гонаһ ҡылалар. Һин мәкер араһында йәшәйһең, Йермеяһ, Мәкер арҡаһында улар Мине белергә лә теләмәйҙәр», – тип белдерә Раббы. Шуға күрә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Инде уларҙы тимер һымаҡ иретеп һынаясаҡмын, Бисара халҡымдың гонаһына ҡаршы Шунан башҡа нимә эшләй алам? Уларҙың теле – үлемесле уҡ, Ауыҙҙарынан тик ялған һүҙҙәр сыға; Дуҫына тыштан иҫәнлек теләй, Ә эсенән генә тоҙаҡ ҡора. Шулай булғас, был ҡыланыштары өсөн Уларҙы язаламайыммы? – тип белдерә Раббы. – Шундай ҡәүемдән үс алмайыммы?» Мин тауҙар өсөн илап йәш түгәм, Далалағы көтөүлектәр тип һыҡтайым! Улар барыһы ла көйөп бөткән, Ул ерҙән һис кем йөрөмәй. Һыйырҙарҙың мөңрәгәне ишетелмәй; Һауалағы ҡош, януарҙар – барыһы ла ҡасып бөткән. «Йәрүсәлимде таш өйөмөнә, Сүл бүреләре төйәгенә әйләндерәм. Йәһүҙә ҡалаларын бушлыҡ итәм, Уларҙа йәшәүсе ҡалмаҫ», – ти Раббы. Мин Раббынан: – Был ер ниңә һәләк булды? Ни өсөн һис кем йөрөмәй торған сүл кеүек көйөп бөттө? Кем ошоно аңларҙай аҡылға эйә? Раббы һөйләшкән кеше кем, кем быларҙы халыҡҡа еткерер? – тип һораным. Раббы былай тине: – Биргән ҡанунымды ташланылар, Минең әйткәндәремде тыңламанылар, баш-баштаҡ булмыштарына буйһондолар, ата-бабалары өйрәткәнсә, Бәғелдәргә эйәрҙеләр. Шуның өсөн күреп тороғоҙ, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Исраил Аллаһы, – Мин был халыҡҡа әрем ашатасаҡмын, ағыулы һыу эсерәсәкмен. Мин уларҙы үҙҙәре лә, ата-бабалары ла белмәгән ҡәүемдәр араһына таратам, тотош юҡ иткәнгә тиклем арттарынан ҡылыс ебәрәм. Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Ҡолаҡ һалығыҙ! Һыҡтаусы ҡатындарҙы саҡырығыҙ, Уларҙың иң оҫталары килһен». «Тиҙерәк килеп, беҙҙең өсөн һыҡтаһындар, Күҙҙәребеҙ йәш түкһен, Керпегебеҙҙән һыуҙар ағылһын», – ти халыҡ. Ана Сиондан иңрәү тауышы ишетелә: «Беҙ ҡыйратылдыҡ! Мәсхәрәгә ҡалдыҡ, Илебеҙҙе ташлап китергә мәжбүрбеҙ, Йорттарыбыҙ емерелде». Эй ҡатындар, Раббы һүҙен ишетегеҙ! Уның ауыҙынан сыҡҡан һәр һүҙгә ҡолаҡ һалығыҙ. Ҡыҙҙарығыҙҙы – һыҡтарға, Бер-берегеҙҙе ҡайғы йырына өйрәтегеҙ. «Ана, тәҙрәләребеҙҙән үлем үрмәләй, Һарайҙарыбыҙға бәреп керә, Урамдарҙа – балаларыбыҙҙы, Майҙандарҙа йәштәребеҙҙе юҡ итте». «Уларға әйт, Раббы былай тип белдерә: „Кеше мәйеттәре баҫыуҙағы тиреҫ, Ураҡсы артынан ҡалған көлтә һымаҡ ятыр, Уларҙы йыйып алыусы булмаҫ“». Раббы былай ти: «Аҡыллы кеше аҡылы менән маҡтанмаһын, Көслө көсө менән маҡтанмаһын, Бай байлығы менән маҡтанмаһын. Маҡтанмаҡсы булған кеше Мин Раббыны аңлауы һәм белеүе менән маҡтанһын. Донъяла мөхәббәт, хаҡ хөкөм, ғәҙеллек менән эш иткән, Шунан зауыҡланған Минең менән маҡтанһын», – тип белдерә Раббы. – Шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – тәне генә сөннәтләнгәндәрҙе язалаясаҡмын. Мысырҙы, Йәһүҙәне, Эдомды, Ғаммонды, Моавты, сүлдә йәшәгән һәм сикә сәстәрен ҡырғандарҙы язалаясаҡмын. Асылда, был ҡәүемдәрҙең сөннәте юҡ, ә Исраил нәҫеленең йөрәге сөннәтһеҙ. Раббының һеҙгә әйткән һүҙҙәренә ҡолаҡ һал, эй Исраил халҡы! Раббы былай ти: «Башҡа ҡәүемдәрҙең юлын ҡыумағыҙ, Күктәге улар өрккән билдәләрҙән ҡурҡмағыҙ. Ул халыҡтарҙың йолалары – буш нәмә: Урманда ағас ҡырҡалар, Балта оҫтаһы түмәрҙе юна. Шунан алтын-көмөш менән матурлайҙар, Ҡыймылдамаһын өсөн ҡаҙаулап ҡағалар. Боттары хас та ҡыяр баҡсаһындағы ҡарасҡы – Һөйләшә алмайҙар; Уларҙы күтәреп йөрөтөргә кәрәк, Сөнки үҙҙәре атлай алмай. Ҡурҡмағыҙ уларҙан, Зыян ҡылырға хәлдәренән килмәй уларҙың, Әммә яҡшылыҡ та эшләй алмайҙар». Эй Раббы, Һиңә тиңе юҡ! Һин бөйөкһөң, Һинең исемең оло һәм ҡөҙрәтле. Эй халыҡтар Батшаһы, Һинән ҡурҡмаған берәйһе бармы? Һин быға лайыҡһың. Ҡәүемдәрҙең барса аҡыл эйәләре араһында, Бөтә батшалыҡтарҙа Һиңә оҡшашы юҡ! Улар алйот һәм аңралар. Мәғәнәһеҙ боттарҙан нимә өйрәнмәк кәрәк? Улар бит ағастан яһалған! Таршиштан – сүкелгән көмөш, Уфаздан алтын алып киләләр. Балта оҫтаһы менән көмөшсө яһағанды Зәңгәр һәм ҡарағусҡыл ҡыҙылға кейендерәләр, Барыһы – егәрле оҫталар эше. Әммә Раббы – хаҡ Алла! Ул – тере Алла, мәңгелек Батша. Асыуланғанында ер тетрәнә, Халыҡтар сыҙамай ярһыуына. Халыҡтарға былай тип әйтегеҙ: – Күк менән ерҙе бар ҡылмаған илаһтар ер йөҙөнән һәм күк аҫтынан юҡ буласаҡ. Раббы Үҙенең ҡөҙрәте менән ерҙе яратты, Аҡылы менән ғаләмде ҡорҙо, Зиһене менән күктәрҙе йәйҙе. Уның күкрәүенән күктәге һыуҙар шаулай, Ер сигенән болоттар күтәрә. Ямғыр өсөн йәшенен йәшнәтә, Келәттәренән елдәр сығара. Уның алдында бар әҙәм – аҡылһыҙ һәм наҙан; Һәр көмөшсө боттары менән оятҡа ҡала, Яһаған һындары ялған, Уларҙың өнө-тыны юҡ. Һис файҙаһыҙ, көлкө нәмә улар, Язаланған мәлдә юҡҡа сығасаҡтар. Улар кеүек түгел Яҡуптың Өлөшө, Сөнки Ул – бөтәһен дә бар ҡылыусы, Ә Исраил халҡы – Уның биләмәһе, Уның исеме Күк ғәскәрҙәре Раббыһы! Эй ҡамауҙа ултырған Йәрүсәлим халҡы! Әйберҙәреңде ерҙән йыйнап ал! Раббы былай ти: «Мин был юлы ошо ерҙә йәшәүселәрҙе Һапҡы менән алып бырғайым. Уларға бәлә килтерәм, тойһондар, Дошмандары уларҙы тотоп алһын». Ҡайғы миңә, ауыр яраларым! Һыҙланыуым үҙәгемә үтә. Әммә әйттем: «Был минең хәсрәтем, Мин уға сыҙарға тейешмен». Сатырым йығылған, бауҙары өҙөлгән; Балаларым китте, улар юҡ булды. Сатырымды торғоҙоусы, Япмаларын ҡороусы ҡалманы. Халыҡтың көтөүселәре алйот, Улар Раббынан кәңәш һорамай. Шуға күрә эштәре уңыш ҡаҙанмай, Бөтә көтөүҙәре таралды. Тыңлағыҙ! Бер хәбәр килә! Төньяҡ илдән оло шау-шыу күтәрелә! Ул Йәһүҙә ҡалаларын бушлыҡҡа, Сүл бүреләре төйәгенә әйләндерәсәк. Эй Раббы, мин беләм, Әҙәм затының яҙмышы үҙенән тормай, Аҙымдары үҙ ихтыярында түгел. Мине асыу менән түгел, Ғәҙеллек менән Һин төҙәт, Раббы, Юҡһа мине һәләк итерһең. Асыуыңды Һине танымаған ҡәүемдәргә, Исемең менән саҡырмаған ҡәбиләләргә түк. Сөнки улар Яҡуп нәҫеленең башын ашаны, Уны тотош йоттолар, юҡ иттеләр, Төйәктәрен пыран-заран килтерҙеләр. Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды. – Был килешеүҙә әйтелгәндәрҙе тыңлағыҙ! Һин уны Йәһүҙә халҡына һәм Йәрүсәлимдә йәшәгәндәргә еткер. Әйт уларға, Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Был килешеүҙең шарттарын үтәмәгән һәр бер кешегә ләғнәт булһын! Мин ата-бабаларығыҙҙы Мысырҙан, тимер иретә торған мейестән, алып сыҡҡан саҡта ошоларҙы бойорҙом. Мин уларға былай тинем: „Әйткәндәремде тыңлағыҙ, бөтә бойороҡтарымды еренә еткереп үтәгеҙ, шул саҡта һеҙ Минең халҡым булырһығыҙ, Мин һеҙҙең Аллағыҙ булырмын. Шулай итһәгеҙ, Мин дә ата-бабаларығыҙға биргән антымды үтәрмен – бөгөн һеҙҙеке булған ерҙе – һөт һәм бал ағып ятҡан ерҙе – һеҙгә бирермен“». – Амин, Раббы, – тинем. Раббы миңә былай тине: – Бөтә был һүҙҙәрҙе Йәһүҙә ҡалаларында, Йәрүсәлим урамдарында иғлан ит. Әйт уларға: «Был килешеүҙең шарттарын тыңлағыҙ һәм уларҙы еренә еткереп үтәгеҙ. Ата-бабаларығыҙҙы Мысырҙан сығарған көндән башлап ошоға тиклем һәр ваҡыт: „Әйткәндәремде тыңлағыҙ“, – тип киҫәтә килдем. Әммә тыңламанылар, һүҙҙәремә ҡолаҡ һалманылар. Һәр кем яуыз һәм тиҫкәре йөрәктәре буйынса йәшәне. Шуға күрә Мин, үтәргә бойорғандарҙы эшләмәгәндәре өсөн, килешеүҙә яҙылған бөтә ләғнәттәрҙе уларҙың башына ебәрҙем». Шунан Раббы миңә былай тине: – Йәһүҙә халҡы һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәр Миңә ҡаршы фетнә ойошторҙо. Улар әйткәндәремде тыңлауҙан баш тартҡан ата-бабаларының гонаһтарын ҡабатлай, бүтән илаһтар артынан эйәрәләр, уларға хеҙмәт итәләр. Исраил һәм Йәһүҙә нәҫелдәре ата-бабалары менән төҙөгән килешеүемде боҙҙо. Шуға күрә Раббы былай ти: «Мин уларҙың баштарына ҡотола алмаҫлыҡ бәлә-ҡаза ебәрәм! Мине ярҙамға саҡырырҙар, әммә уларҙы ишетмәйәсәкмен. Шул саҡта Йәһүҙә ҡалалары халҡы һәм Йәрүсәлимдә йәшәгәндәр үҙҙәре хуш еҫ төтәткән илаһтарға барып ялбарасаҡ. Әммә бәлә килгәндә был илаһтар бер нисек тә ярҙам итмәйәсәк. Эй Йәһүҙә халҡы, нисә ҡалаң булһа, шул саҡлы уҡ илаһтарың бар һинең. Йәрүсәлим урамдары күпме булһа, әшәке Бәғелгә ҡорбан усаҡтарығыҙ шунса». Һин, Йермеяһ, был халыҡ өсөн һорама, ялбарма, улар өсөн доға ҡылма. Бәләгә ҡалғас Мине саҡырғандарында, уларҙы тыңламаясаҡмын. «Һөйгән халҡым, күпме яуызлыҡтар ҡылғандан һуң Минең йортомда булырға ни хаҡың бар? Был ҡорбан ите һине бәләнән ҡотҡара алмаясаҡ, Сөнки һин ҡәбәхәтлек ҡылғанда һөйөнәһең». Раббы һине «суҡ япраҡлы, Мул емешле зәйтүн ағасы» тип атағайны. Әммә күктәр дәһшәтле күкрәгән саҡта Ул ағасҡа ут төртөр, Уның ботаҡтары янып бөтөр. Һине ултыртҡан Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙе башыңа бәлә килтерергә ҡарар итте, сөнки Исраил менән Йәһүҙә халҡы золом ҡылды. Бәғелгә хуш еҫ төтәҫләп, Раббыны асыуландырҙы. Миңә Раббы Үҙе асып бирҙе, шуға беләм: Ул миңә дошмандарымдың яуыз эштәрен күрһәтте. Мин салырға илткән йыуаш бәрәс кеүек булғанмын. Миңә ҡаршы мәкер ҡорғандарын аңламағанмын. Ә улар былай тигән: «Ағасын да, емешен дә юҡ итәйек, Уны тереләр донъяһынан ҡырҡып ташлайыҡ, Хатта исеме лә хәтерҙә ҡалмаһын». Әммә Һин – ғәҙел хөкөм ҡылған Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Һин – күңелде һәм булмышты һынаусы, Уларҙан үс алғаныңды күрәйемсе, Дәғүәмде Һиңә тапшырҙым! Шунда Раббы былай тине: – Эй Йермеяһ, Ғанаҫоҫ кешеләре йәнеңде көҫәп һиңә: «Раббы исеменән пәйғәмбәрлек итмә, юҡһа беҙҙең ҡулдан үләсәкһең», – тип янай. Шуға күрә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы әйтә: «Мин уларҙы язалаясаҡмын. Егеттәре ҡылыстан үлер, ул-ҡыҙҙары аслыҡтан ҡырылыр. Бер кем дә иҫән ҡалмаҫ. Яза йылында Ғанаҫоҫ халҡының башына һәләкәт ебәрәсәкмен». Һинең менән дәғүәләшкәнемдә, Һин хаҡлы булып сығаһың, Раббым. Шулай ҙа Һинең менән йәнә һөйләшмәксемен, Ғәҙеллек хаҡында һорау бирмәксемен. Ниңә яуыздарҙың эше уңа? Ни өсөн хыянатсылар рәхәт йәшәй? Уларҙы Һин ултырттың – тамыр йәйҙеләр, Үҫтеләр, емеш бирәләр; Исемеңде телдән төшөрмәйҙәр, Ләкин күңелдәре Һинән йыраҡ. Ә мине беләһең, Раббы, күрәһең, Күңелемдең Һиндәлеген һынағанһың. Уларҙы салыу һарыҡтары һымаҡ ҡыуып алып кит, Боғаҙлау көнө өсөн айырып ҡуй. Ҡасанғаса ер ҡайғырып ятыр? Яландарҙа бөтә үлән ҡорор? Был ерҙә йәшәгәндәрҙең яуызлығы арҡаһында Йәнлектәр һәм ҡоштар һәләк була. Был әҙәмдәр иһә әйтә: «Ул беҙҙең ахырыбыҙҙы күрмәй». «Йәйәүлеләр менән ярышып хәлдән таяһың икән, Аттар менән нисек ярышырһың? Тыныс илдә һөрлөгөп ятаһың икән, Иордан буйындағы шырлыҡтарҙы нисек үтерһең? Хатта туғандарың, үҙ ғаиләң – Улар ҙа хыянат итте һиңә, Артыңдан ҡысҡырып оҙаталар. Алдыңда яҡшы һөйләһәләр ҙә, Ышана күрмә уларға». «Мин ил-йортомдо ташланым, Үҙ биләмәмдән баш тарттым; Һөйгән халҡымды дошмандары ҡулына бирҙем. Үҙ халҡым Миңә урмандағы арыҫлан һымаҡ булды, Ул Миңә ҡаршы тауыш күтәрҙе; Шуға күрә уға нәфрәтләндем. Үҙ халҡым Миңә сыбар ҡарсыға һымаҡ булды. Башҡа йыртҡыс ҡоштар халҡымды уратып алды! Барығыҙ, бөтә ҡырағай хайуандарҙы йыйығыҙ, Халҡымды тамаҡлап ташлаһындар. Көтөүселәр өйөрө йөҙөм баҡсамды харап итте, Биләмәмде тапап бөттө, Минең ғәзиз өлөшөмдө буш сүлгә әйләндерҙе. Уны бушлыҡҡа әйләндерҙеләр, Ташландыҡ ерем алдымда илап ята. Бөтөн ил емереклеккә ҡалды – Бының өсөн бер кемдең дә эсе бошмай. Сүлдәге яланғас ҡалҡыулыҡтар буйлап Баҫҡынсылар килә. Раббының ҡылысы илде Бер остан икенсеһенә тиклем ҡырып һалыр, Тынғылыҡ ҡалмаҫ бөтә йән эйәһенә. Минең халҡым бойҙай сәсте, Билсән урып алды, Хәлдән тайғансы эшләне, Әммә файҙаһын күрмәне. Раббының ялҡынлы ярһыуы арҡаһында Оятҡа ҡалдығыҙ – уңышығыҙҙан мәхрүм булдығыҙ». Раббы былай ти: – Халҡым Исраилға биләмә итеп биргән ергә ҡул һуҙған бөтә яуыз күршеләремде тупраҡтарынан йолҡоп ырғытам, араларынан Йәһүҙә халҡын да йолҡоп алам. Йолҡоп алғандан һуң, Мин уларға яңынан рәхим-шәфҡәт ҡылырмын: һәр береһен үҙ биләмәһенә, үҙ еренә кире ҡайтарырмын. Әгәр ул сит халыҡтар Минең халҡымдың йолаларын яҡшы өйрәнһәләр, халҡымды Бәғел исеме менән ант итергә өйрәткән кеүек «Тере Раббы шаһит» тип Минең исемем менән ант итһәләр, халҡым араһында урынлашып ҡалырҙар. Ә Мине тыңламаған халыҡты төбө-тамыры менән йолҡоп юҡ итермен, – тип белдерә Раббы. Раббы миңә былай тине: – Бар, үҙеңә етен билбау һатып алып билеңә быу, ләкин уны һыуға тейҙермә. Мин, Раббы ҡушҡанса, билбау һатып алып, билемә быуҙым. Шунан миңә тағы Раббы һүҙе булды: – Һатып алып билеңә быуған билбауыңды ал да юлға сыҡ. Евфрат йылғаһына бар ҙа билбауҙы ундағы берәй ҡая ярығына йәшереп ҡуй. Мин Евфратҡа барҙым да, Раббы бойорғанса, билбауҙы йәшереп ҡуйҙым. Байтаҡ көндәр үткәндән һуң, Раббы миңә: – Тор, Евфратҡа бар ҙа Мин һиңә йәшереп ҡуйырға ҡушҡан билбауҙы ал, – тине. Мин, шунда барып, үҙем йәшереп ҡуйған урындан билбауҙы ҡаҙып алдым. Тик ул серегән, бер нәмәгә лә ярамаҫлыҡ булып ҡалғайны. Шунда миңә Раббы һүҙе булды. – Раббы былай ти: «Йәһүҙәнең ғорурлығын да, Йәрүсәлимдең тәкәбберлеген дә ошолай серетәм. Әйткәндәремде тыңларға теләмәгән, йөрәктәренең тиҫкәрелеге буйынса йәшәгән, башҡа илаһтарға эйәргән, уларға хеҙмәт иткән, сәждә ҡылған был яман халыҡ ошо бер нәмәгә яраҡһыҙ билбау һымаҡ булып ҡалыр. Билбау кешенең тәненә ҡайһылай тейеп торһа, Мин дә бөтә Исраил менән Йәһүҙә нәҫелен шулай итеп Үҙемә яҡынайтҡайным, – тип белдерә Раббы. – Минең халҡым булырҙар, исемемә маҡтау һәм шөһрәт килтерерҙәр, тип өмөтләнгәйнем, әммә улар Мине тыңламаны». – Һин, Йермеяһ, уларға еткер, Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Һәр турһыҡҡа шарап тултырылырға тейеш». Улар һиңә: «Әллә беҙ һәр турһыҡҡа шарап тултырылғанын белмәй тиһеңме?» – тип әйтһә, уларға былай тип яуап ҡайтар: «Раббы әйтә: был ерҙә йәшәгән һәр кемгә – Дауыт тәхетендә ултырған батшаларға, ҡаһиндарға, пәйғәмбәрҙәргә, Йәрүсәлимдә йәшәгәндәрҙең барыһына ла, иҫерткәнсе шарап тултырам. Мин уларҙы бер-береһенә, ата-әсәләрҙе балаларға бәреп ватам, – тип белдерә Раббы. – Уларҙы аямай юҡ итәм – йәлләмәйем, рәхим-шәфҡәт ҡылмайым». Тыңлағыҙ һәм ҡолағығыҙға киртегеҙ, Тәкәббер булмағыҙ. Сөнки Раббы шулай тине. Ҡараңғылыҡ баҫып алғансы, Эңерҙә аяғығыҙ тауҙарҙа һөрөнгәнгә тиклем Аллағыҙ Раббыны данлағыҙ! Һеҙ яҡтылыҡ көтөрһөгөҙ, Әммә Раббы уны үлем күләгәһенә, Дөм-ҡараңғылыҡҡа әйләндерер. Әгәр әйткәнемә ҡолаҡ һалмаһағыҙ, Күңелемдең иң-иң төпкөлөндә Тәкәбберлегегеҙ өсөн илармын, Күҙемдән әсе йәш йылға булып ағыр, Сөнки Раббының көтөүе Әсирлеккә алып кителә. «Батша менән батшаның әсәһенә әйт: „Тәхетегеҙҙән аҫҡа төшөп ултырығыҙ, Башығыҙҙан данығыҙҙың тажы төшөп китте“». Негевтағы ҡалалар бикләнгән. Ҡапҡаларҙы асырлыҡ кеше юҡ. Йәһүҙә халҡы әсирлеккә алып кителде, Тотошлай һөргөнгә ебәрелде. Башығыҙҙы күтәреп ҡарағыҙ, Төньяҡтан килгәндәрҙе күрегеҙ. Ҡайҙа һиңә тапшырылған көтөү, Йәрүсәлим? Ҡайҙа һинең иң күркәм ҡуйҙарың? Һин үҙеңә дуҫ булырға өйрәткән әҙәмдәрҙе Раббы һиңә хакимлыҡ итергә ҡуйһа, ни әйтерһең? Шунда һин тулғаҡ тотҡан ҡатын һымаҡ ғазапланмаҫһыңмы? Әгәр эстән генә үҙ-үҙеңә: «Ниңә былар башыма төштө?» – тиһәң, – Һин үтә күп гонаһ ҡылдың, Итәгең күтәрелде, хурлыҡҡа ҡалдың. «Куш кешеһе – тәненең төҫөн, Ҡаплан үҙенең тиреһендәге таптарҙы үҙгәртә алырмы? Шуның кеүек, яуызлыҡ ҡылырға ғәҙәтләнгәс, Һеҙ ҙә яҡшылыҡ эшләй алмайһығыҙ. Сүлдән иҫкән ел кәбәкте туҙҙырғандай, Мин һеҙҙе һибеп ебәрермен. Был – һиңә төшкән йәрәбә. Мин һиңә бүлеп биргән өлөш шул, – тип белдерә Раббы. – Сөнки һин Мине оноттоң, Ялғанға өмөт бағланың. Шуның өсөн итәгеңде битеңә ҡаплармын, Әйҙә оятың күренһен. Ҡырҙағы ҡалҡыулыҡтар өҫтөндә Ҡылған әшәке ғәмәлдәреңде: Хыянатыңды, ерәнгес кешнәүеңде, Уйнаш итеүеңде күреп торҙом. Ҡайғы һиңә, Йәрүсәлим! Һин таҙарынғансы күпме ғүмер үтер?» Раббының Йермеяһҡа ҡоролоҡ тураһында һүҙе булды. «Йәһүҙә йәш түгә, Ҡала ҡапҡалары ҡайғыға батҡан, Ҡарайышып улар ерҙә аунай. Йәрүсәлимдә аһ-зар яңғырай! Затлылар хеҙмәтселәрен һыуға ебәрә; Улары һыу һаҡлағыс соҡорға бара – унда һыу юҡ. Буш һауыттарын тотоп кире ҡайталар – Сараһыҙлыҡтан аптырап, баштарын ҡаплайҙар. Ямғыр булмағанға тупраҡ ярғысланып бөткән. Игенселәр ҙә аптырап башын аймай. Ҡырҙа үлән булмағанға Хатта болан яңы тыуған быҙауын ташлап китә. Ҡырағай ишәктәр, ҡаҡ түбәгә баҫып, Сүл бүреһе кеүек йыш-йыш һулыш ала; Уларҙың күҙҙәре тонған, Сөнки бер ҡабым үлән ҡалмаған». Енәйәттәребеҙ беҙгә ҡаршы шаһитлыҡ итһә лә, Исемең хаҡына ярҙам ит, йә Раббы! Дөрөҫ, беҙ Һиңә күп хыянат иттек, Һиңә ҡаршы гонаһ ҡылдыҡ. Эй Исраилдың Өмөтө, Ҡайғылы сәғәттә Ҡотҡарыусыбыҙ! Ниңә Һин был ерҙә килмешәктәй, Ҡунырға туҡталған үткенсе кеүекһең? Ниңә ҡаушап ҡалған уҙамандай, Ҡотҡарырға көсө булмаған яугир һымаҡһың? Һин бит, Раббы, беҙҙең арабыҙҙа! Һин беҙҙе Үҙеңдеке тип атаның, Ташлама беҙҙе! Раббы был халыҡ тураһында былай ти: – Улар тегендә-бында ҡыҙырырға шул тиклем әүәҫтәр, аяҡтарын тыя белмәйҙәр. Шул арҡала Мин Раббы уларҙы хуш күрмәйем. Инде ғәйептәрен иҫкә төшөрәм, гонаһтары өсөн язалаясаҡмын. Шунан Раббы миңә: – Был халыҡҡа яҡшылыҡ юллап Миңә ялбарма, – тине. – Ураҙа тотһалар ҙа, Мин уларҙың зарҙарын тыңламаясаҡмын. Тотош яндырыу ҡорбаны килтерһәләр ҙә, икмәк саҙаҡаһы һонһалар ҙа, ҡабул итмәйем. Мин уларҙы ҡылыс менән, аслыҡ менән, үләт менән ҡырып ташлайым. Шунда мин Уға: – Эй Раббы Хаким! Пәйғәмбәрҙәр был халыҡҡа: «Ҡылыс йөҙө күрмәҫһегеҙ, аслыҡ кисермәҫһегеҙ, сөнки был төйәктә һеҙгә ышаныслы тыныслыҡ бирәм», – тип вәғәҙә биреүең хаҡында һөйләйҙәр бит, – тинем. – Был пәйғәмбәрҙәр Минең исемемдән ялған һөйләй, – тине Раббы. – Мин уларҙы ебәрмәнем, уларға бойороҡ бирмәнем, улар менән һөйләшмәнем. Алдаҡ күренмештәрен, буш-юҡ күрәҙәлектәрен, үҙҙәренең уйҙырмаларын һеҙгә пәйғәмбәрлек тип һөйләп йөрөйҙәр. Шуға күрә Раббы ул пәйғәмбәрҙәр тураһында былай ти: «Уларҙы Мин ебәрмәһәм дә, Минең исемемдән: „Был ерҙә ҡылыс та, аслыҡ та булмаясаҡ“, – тип һөйләгән ул пәйғәмбәрҙәр үҙҙәре ҡылыс менән аслыҡтан үлер. Улар пәйғәмбәрлек иткән халыҡ та ҡылыс менән аслыҡтан үлер. Мәйеттәре Йәрүсәлим урамдарында аунап ятыр. Уларҙы ла, ҡатындарын да, улдарын-ҡыҙҙарын да ерләүсе булмаҫ. Ҡылған яуызлыҡтарын Мин үҙҙәренең баштарына килтерәм». Һин уларға шулай тип әйт: «Күҙҙәремдән йәшем аҡһын, Көнө-төнө туҡтамаһын, Сөнки ғиффәтле ҡыҙ – ғәзиз халҡым Тәрән бер йәрәхәт алды, Ауыр тетрәнеүгә дусар булды. Ҡырға сығам – ҡылыстан ҡырылғандар ята, Ҡалаға инәм – аслыҡтан ғазапланғандарҙы күрәм! Пәйғәмбәрҙәр ҙә, ҡаһиндар ҙа ил буйлап Нимә эшләргә белмәй йөрөйҙәр». Йәһүҙәнән Һин бөтөнләй баш тарттыңмы? Күңелеңә нәфрәтлеме Сион? Ниңә беҙгә төҙәлмәҫлек яра һалдың? Беҙ именлек көттөк, әммә яҡшылыҡ килмәне; Шифа тапмаҡсы инек, әммә ҡазаға дусар булдыҡ. Ҡылған енәйәттәребеҙҙе, Ата-бабаларҙың ғәйептәрен Беҙ таныйбыҙ, Раббы, – Һинең алда гонаһлыбыҙ! Исемең хаҡына беҙҙе инҡар итмә, Дан тәхетеңде хурлыҡҡа төшөрмә, Беҙҙең менән төҙөгән килешеүеңде иҫеңдә тот, Зинһар, килешеүеңде боҙма. Ҡәүемдәрҙең файҙаһыҙ боттары ямғыр яуҙыра аламы? Күк үҙенән-үҙе ямғыр ҡоямы? Ошоларҙың барыһын да эшләгән Һин түгелме, Аллабыҙ Раббы? Ышанысыбыҙ тик Һиндә генә – былар бары Һинең ҡөҙрәтеңдә. Раббы миңә былай тине: – Муса менән Шемуил ҡаршыма баҫып ялбарһа ла, был халыҡҡа күңелем йомшармаҫ ине. Ҡыу уларҙы күҙ алдымдан, китһендәр! Әгәр һинән: «Ҡайҙа барайыҡ?» – тип һораһалар, әйт, Раббы былай ти: «Кемгә үлемесле ауырыу яҙған – шул үлемгә. Кемгә ҡылыс яҙған – шул ҡылысҡа. Кемгә аслыҡ яҙған – шул аслыҡҡа, Кемгә әсирлек яҙған – шул һөргөнгә дусар булһын». Уларҙың башына дүрт төрлө ҡаза ебәрәм, – тип белдерә Раббы. – Ҡырыр өсөн ҡылыс, йолҡҡослар өсөн эттәр, тамаҡлап юҡ итер өсөн күк ҡоштары һәм ҡыр йәнлектәре юллайым. Йәһүҙә батшаһы Менашше Хизкияһ улының Йәрүсәлимдә ҡылған ғәмәлдәре арҡаһында Мин уларҙы ер йөҙөндәге барса батшалыҡтар өсөн ҡот осҡос миҫал итәсәкмен. «Кем ҡыҙғаныр һине, Йәрүсәлим, Кем һинең өсөн әсенер икән? Хәлеңде һорашырға тип, юлын бүлеп, Кем яныңа килер икән? Һин Мине ташланың, – тип белдерә Раббы. – Миңә һыртың менән боролдоң. Шуға ла Мин һиңә ҡул күтәрәм, һәләк итәм; Мин һине йәлләп арыным. Халҡымды һәнәк менән елгәргәндәй, Илдең бөтә ҡалаларынан кәбәк кеүек осороп ебәрәм. Уларҙы балаһыҙ ҡалдырам, һәләк итәм, Сөнки яман юлдарын ҡуймайҙар. Тол ҡатындарын диңгеҙ ҡомонан да күберәк итермен. Егеттәрҙең әсәләренә ҡаршы Көпә-көндөҙ талаусылар ебәрермен. Көтмәгәндә баштарына дәһшәт менән шом һалырмын. Ете бала тапҡан ҡатын Хәлдән тайып аҡтыҡ һулыш ала. Ҡояшы көпә-көндөҙ байыны, Оятына батып, мәсхәрәгә ҡалды. Иҫән ҡалғандарын ҡылысҡа бирәм – Дошмандарына тапшырам», – тип белдерә Раббы. Ҡайғы миңә! Ни тип әсәм мине тыуҙырҙы икән? Мин бөтә ил менән талашып, тартышып йәшәйем. Бер кемгә лә бурысҡа бирмәнем, Бер кемдән дә бурысҡа алманым, Әммә барыһы миңә ҡарғыш яуҙыра. Раббы былай тине: «Һиңә мотлаҡ игелек ҡылып, азат итермен, Бәлә килгән хәсрәтле заманда Дошмандарыңды һиңә ялбарырға мәжбүр итермен. Тимерҙе, төньяҡтан килгән тимер менән баҡырҙы Кем һындыра ала? Бөтә илеңдә ҡылынған барлыҡ гонаһтар өсөн Һинең байлығың һәм хазиналарыңды Дошмандарға еңел табыш итеп бирәм, Йәһүҙә. Үҙегеҙ белмәгән илдә Дошмандарығыҙға хеҙмәт иттерермен. Минең һеҙгә асыуым ҡабынды, Ул һеҙгә ҡаршы ялҡынланып яна». Мин Раббыға әйттем: «Эй Раббы, Һин бөтәһен дә белеп тораһың, Иҫеңә төшөр мине, ҡурсала. Мине эҙәрләүселәрҙән үс ал. Һин сабырһың – мине һәләк итә күрмә, Һин тип хурланғанымды онотма. Һүҙҙәреңде табып, йотоп торҙом, Улар миңә шатлыҡ бирҙе, күңелемә һөйөнөс булды. Сөнки Һин мине Үҙеңдеке тип атаның, Эй Күк ғәскәрҙәре Аллаһы Раббы. Кәйеф-сафа ҡорғандарҙың араһында ултырманым, Улар менән күңел асманым; Ҡулыңдың аҫтында яңғыҙ ултырҙым, Сөнки мине асыу-ярһыуың менән тултырҙың. Ни өсөн минең һыҙланыуым баҫылмай? Ниңә йәрәхәтем төҙәлмәй, уңала алмай? Минең өсөн иң кәрәктә ҡороп ҡалыр инеш, Ышанысһыҙ шишмә булырһың микән ни?» Быға ҡаршы Раббы былай тип яуап бирҙе: «Әгәр ҙә һин Миңә кире ҡайтһаң, Һине йәнә ҡабул итеп, хеҙмәтемә алырмын. Сүп-сарҙан аҫылды айыра белһәң, Минең телем кеүек булырһың. Шул ваҡыт һин халыҡ алдына бармаҫһың, Ә улар һинең алдыңа килер. Мин һине был халыҡ ҡаршыһында Ҡаҡшамаҫ баҡыр диуар итермен. Һиңә ҡабат-ҡабат ташланырҙар, Ләкин һине еңә алмаҫтар. Сөнки Мин һинең менән бергә булырмын, Һине ҡотҡарып азат итермен, – тип белдерә Раббы. – Мин һине залимдарҙан азат итермен, Аяуһыҙҙар ҡулынан йолоп алырмын». Миңә Раббы һүҙе булды: – Үҙеңә ҡатын алма, бында улдарың да, ҡыҙҙарың да булмаһын. Сөнки был илдә тыуған улдар һәм ҡыҙҙар, уларҙы донъяға килтергән ата-әсәләр тураһында Раббы былай ти: «Улар ғазаплы сирҙәрҙән үләсәк. Улар өсөн йәш түгеүсе лә, уларҙы күмеүсе лә булмаясаҡ, мәйеттәре ер өҫтөндә тиреҫ кеүек аунап ятасаҡ. Улар ҡылыстан һәм аслыҡтан ҡырыласаҡ, мәйеттәре күктәге ҡоштарға, ерҙәге йәнлектәргә емтек буласаҡ». Раббы былай ти: – Йыназалы өйгә инмә, улар менән бергә илап, ҡайғырышып ултырма, сөнки был халыҡты тыныслыҡтан мәхрүм иттем, тоғро мөхәббәтемде һәм рәхим-шәфҡәтемде тартып алдым, – тип белдерә Раббы. – Был ерҙә затлы кеше лә, ябайы ла үлер, уларҙы һис кем ерләмәҫ; һис кем улар өсөн ҡайғырып тәненә яра һалмаҫ, сәсен алдырмаҫ. Мәрхүм өсөн йәш түгеүсене йыуатып, бер кем дә икмәк һындырмаҫ, ата-әсәһе вафат булғандарға эсергә йыуаныс көрәгәһе һоноусы булмаҫ. Мәжлес барған йортҡа ла инмә, улар менән бергә ултырып ашама, эсмә. Сөнки Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Һеҙҙең заманда, үҙегеҙҙең күҙегеҙ алдында был урында Шатлыҡ ауаздарын, Күңел асыуҙарҙы, Кейәү менән кәләштең Тауыштарын туҡтатасаҡмын». Ошоларҙы халыҡҡа һөйләп биргәс, һинән: «Ни өсөн Раббы беҙгә бындай оло ҡазаны ебәреү менән янай? Ғәйебебеҙ ниҙә? Аллабыҙ Раббыға ҡаршы ниндәй гонаһ ҡылдыҡ?» – тип һорарҙар. Һин уларға былай тип яуап бир: «Һеҙҙең ата-бабаларығыҙ Мине ташланы, – тип белдерә Раббы. – Башҡа илаһтар артынан эйәрҙеләр, уларға хеҙмәт иттеләр һәм сәждә ҡылдылар. Минән ваз кисеп, ҡанунымды тотманылар. Ә һеҙ аталарығыҙҙан да яманыраҡ ғәмәлдәр ҡылаһығыҙ; Мине тыңламайынса, һәр берегеҙ үҙегеҙҙең яуыз һәм тиҫкәре йөрәктәрегеҙ буйынса йәшәй. Шунлыҡтан һеҙҙе был ерҙән ҡыуып, үҙегеҙ ҙә, аталарығыҙ ҙа белмәгән бер илгә атып бәрәм. Унда көнө-төнө башҡа илаһтарға хеҙмәт итерһегеҙ – инде Мин һеҙгә мәрхәмәт күрһәтмәйәсәкмен». – Әммә шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – кешеләр ант иткәндә: «Исраил халҡын Мысырҙан алып сыҡҡан тере Раббы Үҙе шаһит!» – тип әйтмәҫ. Инде улар: «Исраил халҡын төньяҡтағы илдән һәм ҡайҙа ҡыуған, шул ерҙәрҙән кире алып сыҡҡан тере Раббы шаһит!» – тип ант итә башлар. Сөнки уларҙы ата-бабаларына биргән илдәренә кире ҡайтарасаҡмын. Ә хәҙер уларҙы тоторға бик күп балыҡсылар ебәрәм, – тип белдерә Раббы, – һәм уларҙы балыҡ һымаҡ тотасаҡтар. Шунан һуң бик күп аусылар күндерәм, уларҙы һәр тауҙан, һәр ҡалҡыулыҡтан, ҡая ярыҡтарынан ҡыуалаясаҡтар. Мин уларҙың бөтә ҡылғандарын күреп торам. Улар Минән йәшенә алмай – енәйәттәре күҙ алдымда. Яуыз ғәмәлдәре һәм гонаһтары өсөн икеләтә түләтәсәкмен, сөнки улар еремде йәнһеҙ илаһтарының ерәнгес һындары менән нәжесләне, биләмәмде әшәкелектәре менән тултырҙы. Раббы – минең ҡеүәтем һәм ҡәлғәм, Хәсрәт көнөмдә минең ышығым! Ерҙең сиктәренән халыҡтар килеп: «Аталарыбыҙ мираҫҡа ялғанды, Бер нәмәгә лә яраҡһыҙ боттарҙы алған, – тип әйтер. – Кеше үҙенә алла яһай аламы? Ысынында ул аллалар бит – Алла түгел!» «Шуға күрә Мин бөгөн уларға һабаҡ бирәм, Көс-ҡөҙрәтемде күрһәтеп ҡуям. Шунда исемем Раббы икәнен белерҙәр!» – ти Раббы. «Йәһүҙәнең гонаһы тимер ҡәләм менән яҙылды, Йөрәктәренең таҡтаташына, Ҡорбан усаҡтары мөгөҙөнә Алмас осо менән уйылды. Мин һиңә биргән биләмәңдән Үҙ ғәйебең арҡаһында мәхрүм ҡаласаҡһың. Үҙең белмәгән ерҙә дошмандарыңа Ҡол итәсәкмен Мин һине. Сөнки һеҙ нәфрәт утымды тоҡандырҙығыҙ, Ул һүнмәҫ ялҡын булып янасаҡ». Раббы былай ти: «Өмөтөн әҙәм затына бағлаған, Фани бәндәнең көсөнә ышанған, Йөрәге Раббынан ситкә боролған кеше ләғнәтле. Ул далалағы сәнскәк кеүек булыр, Яҡшылыҡтың килгәнен күрмәҫ. Сүлдәге ташлы ерҙәрҙә, Тоҙло тупраҡта, кешеһеҙ урында ғүмер һөрөр. Раббыға өмөт бағлаған кеше фатихалы, Раббы – уның ышанысы! Бындай кеше һыу буйына ултыртылған, Тамырҙарын йылға яғына йәйгән ағасҡа оҡшаш. Ул көндөң эҫелегенән ҡурҡмаҫ, Япраҡтары һәр саҡ йәшел ҡалыр. Ҡоролоҡ йылында хәүеф белмәҫ, Емеш биреүҙән туҡтамаҫ. Кеше йөрәгенән дә хәйләкәре юҡ, Уны дауалап булаһы түгел. Уны кем һуң аңлай алыр? Мин, Раббы, кешенең йөрәген беләм, Кешенең булмышын һынайым. Һәр кемгә ҡыуған юлына күрә, Эшенең емешенә ҡарап әжерен бирәм. Хаҡһыҙ юл менән байлыҡ туплаған әҙәм Үҙе һалмаған йомортҡаны баҫҡан ағуна кеүек: Ғүмер уртаһында бөтә мөлкәтенән яҙыр, Ахырында – алйот булып ҡалыр». Беҙҙең Изге торлағыбыҙ торған урын – Башланмыштан уҡ юғары ҡуйылған дан тәхете. Эй Исраилдың өмөтө Раббы! Һине инҡар иткәндәрҙең һәммәһе оятҡа ҡалыр. Һинән йөҙ борғандар туҙандағы яҙыу кеүек юйылыр, Сөнки улар Раббыны – тере һыу шишмәһен ташланылар. Йә Раббым, мине шифала – һауығайым; Ҡотҡар мине – ҡотолайым – Сөнки мин Һине маҡтайым. Ҡара, улар миңә: «Ҡайҙа Раббының һүҙе? Әйҙә, әйткәне ғәмәлгә ашһын!» – тиҙәр. Мин халҡыңа көтөүсе булыуҙан ҡасманым, Һәләкәт көнө килеүен көҫәмәнем. Ауыҙымдан сыҡҡан һәр һүҙҙе беләһең, Раббы, Улар Һинең хозурыңда. Минең өсөн дәһшәт булмаһаңсы! Афәт көнөндә Һин – минең һыйынысым. Мине эҙәрләүселәр оятҡа ҡалһын, Мине иһә хур булыуҙан һаҡла. Әйҙә, улар ҡурҡыуға ҡалһын, Мине дәһшәт урап үтһен. Уларға ебәр һәләкәт көнөн, Икеләтә ҡеүәт менән ҡыйрат! Раббы миңә былай тине: – Йәһүҙә батшалары инеп-сығып йөрөгән Халыҡ ҡапҡаһы янына барып тор, шунан Йәрүсәлимдең башҡа ҡапҡалары янына бар. Ундағы халыҡҡа әйт: «Эй Йәһүҙә батшалары, Йәһүҙә халҡы, был ҡапҡаларҙан үтеп йөрөгән Йәрүсәлим кешеләре, Раббы һүҙен тыңлағыҙ! Раббы былай ти: „Йәнегеҙҙе һаҡлайбыҙ тиһәгеҙ, шәмбе көндө йөк ташымағыҙ, Йәрүсәлим ҡапҡаларынан йөк күтәреп инмәгеҙ. Шәмбе көндө өйҙәрегеҙҙән йөк алып сыҡмағыҙ, бер ниндәй эш менән дә шөғөлләнмәгеҙ – ул көндө изге тип белегеҙ. Мин ата-бабаларығыҙға шулай тип бойорғайным. Әммә улар Мине тыңламаны, әйткәнемә ҡолаҡ һалманы; тиҫкәреләнделәр һәм өгөт-нәсихәтемде алманылар. Әгәр һеҙ Мине яҡшылап тыңлаһағыҙ, – тип белдерә Раббы, – шәмбе көндө ҡала ҡапҡаларынан йөк ташымаһағыҙ, был көндө изге һанап, бер нәмә лә эшләмәһәгеҙ, был ҡаланың ҡапҡаларынан Дауыт тәхетендә ултырған батшалар, уларҙың ярандары яу арбаларында һәм һыбайлап, Йәһүҙә халҡы һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәр һәр саҡ инеп-сығып йөрөр. Был ҡала мәңге йәшәр. Бында Йәһүҙә ҡалаларынан, Йәрүсәлимдең тирә-яғынан, Бинйәмин еренән, Шефеланан, таулы төбәктән, шулай ук Негевтан кешеләр ағылыр, Раббы ҡорамына тотош яндырыу ҡорбандары, башҡа төрлө ҡорбандар, икмәк саҙаҡалары, хуш еҫле ыҫмала-майҙар, шөкөр саҙаҡалары килтерер. Ә инде Мине тыңламаһағыҙ, шәмбе көндө изге һанамайынса, Йәрүсәлим ҡапҡаларынан йөк ташыһағыҙ, ҡала ҡапҡаларына үрт һалырмын. Ут Йәрүсәлимдең затлы һарайҙарын яндырып юҡ итер, уны һис кем һүндерә алмаҫ“». Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды: – Тор ҙа көршәксенең өйөнә бар, һүҙемде шунда әйтермен. Мин көршәксенең өйөнә барҙым. Ул көршәк яһай торған түңәрәге артында эшләй ине. Ҡулында әүәләгән һауыты боҙолғайны, көршәксе был балсыҡтан үҙе теләгән икенсе һауытты яһаны. Миңә Раббы һүҙе булды: – Эй Исраил халҡы, ошо көршәксе эшләгәнде Мин дә һеҙҙең менән эшләй алмайыммы ни? – тип белдерә Раббы. – Һеҙ ҙә Минең ҡулымда көршәксе ҡулындағы балсыҡ кеүек бит, эй Исраил нәҫеле! Ҡайһы берҙә ниндәйҙер ҡәүем йәки батшалыҡ тураһында, йолҡоп ташлайым, емерәм, һәләк итәм, тип әйтәм дә, Мин иҫкәрткән ул ҡәүем яуыз ҡылығын ташлаһа, Мин уларҙың башына һәләкәт килтереү ниәтемдән баш тартам. Ҡайһы берҙә ниндәйҙер ҡәүем йәки батшалыҡ тураһында, нығытам һәм тамырландырам, тип әйтәм дә, ул халыҡ Минең алдымда яуызлыҡ ҡылһа йәки әйткәндәремә ҡолаҡ һалмаһа, Мин ниәтемдән ҡайтам, уға яҡшылыҡ ҡылыуҙан баш тартам. Инде Йәһүҙә халҡына һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә иғлан ит, Раббы былай ти: «Һеҙҙең өҫкә бәлә ебәрергә әҙерләнгән, һеҙгә ҡаршы ниәт ҡорған көршәксе Мин! Һәр берегеҙ яман юлығыҙҙы ташлағыҙ, тормошоғоҙҙо һәм ғәмәлдәрегеҙҙе төҙәтегеҙ!» Әммә улар: «Бушты һөйләмә! Үҙебеҙ теләгәнсә йәшәйбеҙ, яуыз йөрәктәребеҙҙең тиҫкәрелеге буйынса эшләйбеҙ», – тип яуап ҡайтарыр. Шуға күрә Раббы былай ти: «Ҡәүемдәр араһында һораштырығыҙ, Бындай хәлде берәйһенең ишеткәне бармы? Ғиффәтле ҡыҙ Исраил ерәнгес бер эш ҡылды. Ливандың ҡаялы түбәләрендәге ҡар ирерме? Һалҡын һыулы тау йылғалары киберме? Ә халҡым Мине онотто, Бер яраҡһыҙ боттарға хуш еҫ төтәтә! Был илаһтар уны абындырҙы, Боронғо юлдарынан тайпылтып, Һуҡмаҡтарҙан, тапалмаған юлдан алып китте. Шул арҡала илен ҡот осҡос хәлгә ҡалдырҙы, Мәңгелек хурлыҡҡа дусар итте. Үткән-һүткән һәр кем дәһшәткә төшөп, Аптырап баш сайҡаясаҡ. Уларҙы көнсығыштан иҫкән ел һымаҡ Дошмандары алдында һибеп ташлармын. Баштарына афәт төшкән көндә Йөҙөм түгел, һыртым менән боролормон». Шунан ҡайһы бер кешеләр: – Әйҙәгеҙ, Йермеяһҡа ҡаршы мәкер ҡорайыҡ! – тинеләр. – Беҙҙә ҡанун өйрәтәсәк ҡаһиндар, өгөт-нәсихәт бирәсәк аҡыл эйәләре, һүҙ әйтәсәк пәйғәмбәрҙәр бер ваҡытта ла бөтәһе түгел. Әйҙәгеҙ, уны телебеҙ менән еңәйек, уның бер һүҙенә лә ҡолаҡ һалмайыҡ. Тыңла мине, Раббы, Дошмандарымдың әйткәнен ишет! Яҡшылыҡҡа ҡаршы яуызлыҡ эшләйҙәрме ни? Иҫеңдәме, мин алдыңда тороп, Улар өсөн Һиңә ялбарғайным, Уларҙы асыуыңдан ҡурсалағайным, Әле улар миңә соҡор ҡаҙҙы. Улай икән, балаларын аслыҡҡа дусар ит, Ҡылыс йөҙөнә ташла. Ҡатындары баланан яҙһын, тол ҡалһын. Ир-аттары үләттән ҡырылһын, Егеттәр яуҙа ҡылыстан һәләк булһын. Көтмәгәндә өҫтәренә баҫҡынсылар ебәргәнеңдә Өйҙәрендә иңрәү яңғыраһын! Сөнки улар мине тотмаҡ булып соҡор ҡаҙҙы, Аяғымды тоҙаҡҡа эләктермәксе булды. Мине үлтерер өсөн мәкер ҡорҙолар, Быны Һин беләһең, Раббы. Уларҙың енәйәттәрен ярлыҡама, Гонаһтарына күҙ йомма. Асыуланып язаңды бир: Һинең алдыңда ҡолап ятһындар. Раббы миңә былай тине: – Бар, көршәксенән бер балсыҡ көршәк һатып ал. Шунан халыҡтан һәм ҡаһиндарҙан бер нисә аҡһаҡалды саҡыр ҙа Харсиҫ ҡапҡаһы ҡаршыһындағы Бен-Һинном үҙәненә сыҡ, Мин һиңә әйткән һүҙҙәрҙе иғлан ит. Һин уларға әйт: «Эй Йәһүҙә батшалары һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәр, Раббы һүҙен ишетегеҙ! Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: „Ҡарағыҙ, Мин был ергә шундай бәлә ебәрәм, был хаҡта ишеткәндәрҙең бөтәһенең ҡолаҡтары сыңлар. Сөнки Йәрүсәлим халҡы Мине ташланы, был урынды нәжесләне. Үҙҙәре лә, ата-бабалары ла, Йәһүҙә батшалары ла белмәгән башҡа илаһтарға хуш еҫ төтәттеләр һәм был ерҙе ғәйепһеҙ кешеләрҙең ҡаны менән һуғарҙылар. Үҙҙәренең улдарын һәм ҡыҙҙарын Бәғелгә тотош яндырыу ҡорбаны итеп утта яндырыу өсөн Бәғелгә табыныу ҡалҡыулыҡтары төҙөнөләр. Мин уларға бындай бойороҡ бирмәнем, ундай нәмә әйтмәнем, хатта уйламаным да“. Шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – был урынды Төфәҫ тип тә, Бен-Һинном үҙәне тип тә түгел, Һуйыш үҙәне тип атарҙар. Бына ошо урында Йәһүҙә менән Йәрүсәлимдең ниәттәрен бушҡа сығарасаҡмын. Уларҙы дошмандарының ҡылысына тапшырам – үлемдәрен көҫәгәндәрҙең ҡулынан һәләк буласаҡтар. Мәйеттәрен һауалағы ҡоштарға һәм ерҙәге йәнлектәргә емтек итеп бирәсәкмен. Был ҡаланы шом һала торған урынға әйләндереп, хурлыҡҡа ҡалдырасаҡмын. Уның янынан үткән-һүткән һәр кем уның яраларынан ҡото алынып, һыҙғырып ҡуйыр. Мин уларҙы үҙҙәренең улдарының һәм ҡыҙҙарының итен ашарға мәжбүр итермен. Йәндәрен көҫәгән дошмандары ҡаланы ҡамауға алып уларҙы үлем ғазабына дусар иткәс, ҡамауҙа һәм ҡыҫымда ятҡанда улар бер-береһен ашай башлар». Ошоларҙы әйткәндән һуң, үҙең менән килгән кешеләрҙең күҙ алдында көршәкте ват та уларға белдер: «Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: „Бына был көршәк нисек башҡаса ҡоршап булмаҫлыҡ итеп ватылһа, Мин дә был халыҡты һәм был ҡаланы шулай селпәрәмә килтерәм. Төфәҫтә үлеләрҙе урын ҡалмағанға тиклем күмәсәктәр. Был ҡаланы һәм унда йәшәүселәрҙе Мин ана шул хәлгә төшөрәм, – тип белдерә Раббы. – Был ҡала Төфәҫкә оҡшап ҡалыр. Йәрүсәлимдең йорттары, Йәһүҙә батшаларының һарайҙары Төфәҫ кеүек нәжес булыр. Сөнки уларҙың баштарында күк есемдәренә бағышлап хуш еҫ төтәттеләр, башҡа илаһтарға түкмә ҡорбандар килтерҙеләр“». Раббы бойороғо буйынса Төфәҫтә пәйғәмбәрлек итеп ҡайтҡандан һуң, Йермеяһ, Раббы йортоноң ихатаһына баҫып, барса халыҡҡа иғлан итте: – Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Инде Мин был ҡаланы һәм уның әйләнә-тирәһендәге ҡалаларҙы алдан әйткән бөтә ҡазаларға ла дусар итәм, сөнки улар, тиҫкәрелектәренә барып, әйткәндәремде тыңламаны». Иммер улы Пашхур ҡаһин Раббы йортонда ҡарауылсылар башлығы ине. Ул, Йермеяһтың пәйғәмбәрлек итеп әйткән ошо һүҙҙәрен ишетеп, уны һуҡтырырға һәм Раббы йортоноң Үрге Бинйәмин ҡапҡаһы янында аяҡтарына ҡалып кейҙереп ултыртып ҡуйырға бойорҙо. Икенсе көндө Пашхур Йермеяһты ҡалыптан сығартты. Шул саҡ Йермеяһ уға былай тине: – Раббы һинең исемеңде Пашхур түгел, «Магор-Миссавив» тип атаны. Раббы былай ти: «Мин һине һәм бөтә дуҫтарыңды дәһшәткә һалам. Дуҫтарыңдың дошман ҡылысынан һәләк булғанын үҙ күҙҙәрең менән күрерһең. Мин бөтөн Йәһүҙә халҡын Бабил батшаһы ҡулына тапшырам. Ул ҡайһыларын Бабилға һөргөнгә ҡыуасаҡ, ҡайһыларын ҡылыстан үткәрәсәк. Был ҡаланың бөтә байлығын – барлыҡ ҡаҙанышын, ҡиммәтле әйберҙәрен, Йәһүҙә батшаларының хазиналарын – дошмандарының ҡулына бирәм. Уларҙы талап алып Бабилға алып китәсәктәр. Ә һин, Пашхур, үҙең дә, ғаиләң дә – барығыҙ ҙа, Бабилға әсирлеккә китәсәкһегеҙ. Һин шунда үлерһең, шунда күмелерһең – һин дә, һинең ялған пәйғәмбәрлек һүҙҙәреңде тыңлаған бөтә дуҫтарың да». Эй Раббым, Һин әүрәттең мине – Мин әүрәнем. Һин минән көслөрәк – Мине еңдең. Мин һәммәһе өсөн мәҙәккә әйләндем, Көн оҙоно минән көләләр хәҙер. Ҡасан һөйләй башлаһам да, «Йәбер-золом! Ҡыйралыш!» тип ҡысҡырырға тейешмен. Раббы һүҙе арҡаһында көлкөгә ҡалдым, Көн оҙоно мине мәсхәрә итәләр. Әгәр ҙә мин: «Башҡаса Уны иҫкә алмайым, Инде Уның исеменән һөйләмәйем», – тиһәм, Һинең һүҙең эсемдә ялҡындай дөрләп яна, Елегемә үтеп өтөп ала, Уны эстә тоторға маташып хәлдән тайҙым, Инде әмәлем ҡалманы. Күптәрҙең янауын ишетә йөрөйөм, Тирә-яҡта – дәһшәт! «Ошаҡлайыҡ уны! – тиҙәр. – Фаш итәйек!» Минең менән татыу булғандар ҙа Абынғанымды көтәләр: «Бәлки, ул тоҙаҡҡа төшөр, Шунда уны еңербеҙ, Үсебеҙҙе ҡандырырбыҙ», – тиҙәр. Әммә Раббы, ғәйрәтле яугирҙәй, минең менән. Шуға күрә эҙәрләүселәр һөрөнөп төшөр, Улар минән өҫтөн сыға алмаҫ. Мәсхәрәгә ҡалырҙар, ниәттәренә ирешә алмаҫтар. Хурлыҡтары һис ҡасан да онотолмаҫ. Эй Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Һин тоғро кешене һынайһың, Уның эс-бауырын үтәнән-үтә күрәһең. Дәғүәмде Һинең ҡулыңа тапшырҙым, Инде ҡон ҡайтарғаныңды күрһәм ине! Мәҙхиә йырлағыҙ Раббыға! Данлағыҙ Раббыны! Ул бисара бәндәнең йәнен Залимдар ҡулынан ҡотҡара. Ләғнәт төшһөн тыуған көнөмә! Фатихаланмаһын әсәм мине тапҡан көн! «Улың тыуҙы!» – тип атайыма һөйөнсөләгән, Уны ҡыуандырған әҙәмгә ҡарғыш яуһын! Раббы һис йәлләп тормай емергән Ҡалалар кеүек булһын ул кеше! Иртә таңдан һыҡтау тыңлаһын, Төш һуғышҡа саҡырған ауаздар ишетһен! Сөнки мине әсәм ҡарынында эүлтермәне, Әсәм миңә ҡәбер булыр, Ҡарыны гел йөклө ҡалыр ине. Ниңә әсәм ҡарынынан сыҡтым? Ҡайғы-хәсрәт, ғазап күрер, Ғүмеремде хурлыҡта үткәрер өсөнмө ни? Сидкияһ батша түбәндәгеләрҙе әйтер өсөн Малкияһ улы Пашхур менән Мағасеяһ улы Сефанъяһ ҡаһинды Йермеяһҡа ебәрҙе. Шунда Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды. Пашхур менән Сефанъяһ былай тинеләр: – Үтенәбеҙ, беҙҙең өсөн Раббыға ялбар, сөнки Бабил батшаһы Навуходоносор беҙгә ҡаршы һуғыш асты. Бәлки, Раббы элекке һымаҡ мөғжизә күрһәтеп, Навуходоносорҙы сигендерер. Йермеяһ уларға былай тип яуап бирҙе: – Сидкияһҡа әйтегеҙ, Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Диуарҙарығыҙҙы ҡамауға алған Бабил батшаһы һәм халдейҙарға ҡаршы һуғышҡан ҡоралығыҙҙы үҙегеҙгә йүнәлтәм. Шул ҡоралдарығыҙҙы ҡала уртаһына өйөп ҡуям. Ҡөҙрәтле ҡулымды һуҙып, асыу, ярһыу һәм тәрән нәфрәт менән һеҙгә ҡаршы Үҙем һуғышасаҡмын. Был ҡалала йәшәгән барлыҡ йән эйәһен: кешеләрҙе лә, мал-тыуарҙы ла үләттән һәләк итәсәкмен. Бынан һуң, – тип белдерә Раббы, – Йәһүҙә батшаһы Сидкияһты, уның хеҙмәтселәрен, ҡалала ҡырғындан, ҡылыстан һәм аслыҡтан иҫән ҡалған барлыҡ кешеләрҙе Бабил батшаһы Навуходоносорға – уларҙың йәнен көҫәгән дошмандары ҡулына тапшырам. Батша уларҙы ҡылыс осона алыр, аямаҫ, рәхим-шәфҡәт ҡылмаҫ, йәлләп тормаҫ». Ә был халыҡҡа әйт, Раббы былай ти: «Мин һеҙгә ике юл – йәшәү һәм үлем юлын бирәм. Был ҡалала тороп ҡалғандар ҡылыстан, аслыҡтан һәм ҡырғындан һәләк буласаҡ. Ә ҡаланы ҡамалышта тотҡан дошмандарға бирелгән кешеләр тере ҡалыр. Уларға үҙ йәндәре яумал булыр. Мин был ҡалаға яҡшылыҡ түгел, яманлыҡ ҡылырға ҡарар иттем, – тип белдерә Раббы. – Был ҡала Бабил батшаһы ҡулына тапшырыласаҡ, батша уны утта яндырасаҡ». Йәһүҙә батшаһы йортона әйт: «Раббы һүҙен тыңла, эй Дауыт нәҫеле! Раббы былай ти: „Һәр көн иртән ғәҙел хөкөмдәр ҡыл, Таланғанды ҡыйырһытыусы ҡулынан ҡотҡар, Юҡһа ҡылған яуызлыҡтарығыҙ өсөн Асыуым ут кеүек тоҡаныр ҙа Уны бер кем дә һүндерә алмаҫ. Мин һиңә ҡаршымын, Үҙәндәге ҡая өҫтөндә ултырған Йәрүсәлим! – тип белдерә Раббы. – ‘Беҙгә кем ҡаршы сыға алһын, Торлағыбыҙға кем инә алһын?’ – тиһегеҙ. Һеҙҙе ҡылған ғәмәлдәрегеҙгә күрә язалаясаҡмын, – тип белдерә Раббы. – Урманығыҙға Мин ут төртөрмөн, Ул бар тирә-яҡты яндырып юҡҡа сығарыр“». Раббы миңә былай тине: – Йәһүҙә батшаһының һарайына бар ҙа ошоларҙы һөйлә: «Эй Дауыт тәхетендә ултырған Йәһүҙә батшаһы, Раббы һүҙен тыңла! Һинең хеҙмәтселәрең һәм халҡың да – был ҡапҡаларҙан инеп-сығып йөрөгән барыһы ла тыңлаһын! Раббы былай ти: „Ғәҙеллек һәм дөрөҫлөк менән эш итегеҙ, таланғанды ҡыйырһытыусы ҡулынан ҡотҡарығыҙ. Килмешәкте, етемде һәм тол ҡатынды рәнйетмәгеҙ, иҙмәгеҙ, был ерҙә ғәйепһеҙ кешенең ҡанын түкмәгеҙ. Ошо бойороҡтарымды еренә еткереп үтәһәгеҙ, Дауыт тәхетендә ултырған батшалар яу арбаларында, аттарҙа был һарайҙың ҡапҡаларынан инәсәк, хеҙмәтселәре лә, халыҡ та улар менән керәсәк. Ә инде был бойороҡтарымды үтәмәһәгеҙ, исемем менән ант итәм, – тип белдерә Раббы, – был һарай харабаға әйләнер“». Йәһүҙә батшаһының һарайы тураһында Раббы былай ти: «Һин Минең өсөн Ғилғәд һымаҡһың, Ливан түбәһе кеүекһең. Ләкин ант итеп әйтәм: Мин һине – сүлгә, Һис кем йәшәмәгән ҡалаға әйләндерермен. Һиңә ҡаршы баҫҡынсылар ебәрәм, Һәр береһенең ҡулында ҡорал булыр. Һинең иң күркәм кедрҙарыңды киҫеп, Уларҙы утҡа атырҙар». Был ҡала эргәһенән бик күп ҡәүемдәр үтеп йөрөр. Бер-береһенән: «Ниңә Раббы бындай бөйөк ҡалаға быларҙы эшләне икән?» – тип һорарҙар. Уларға: «Сөнки Аллалары Раббы менән төҙөгән килешеүҙе боҙҙолар, башҡа илаһтарға сәждә ҡылдылар һәм хеҙмәт иттеләр», – тип яуап бирерҙәр. Үлгән өсөн иламағыҙ, йәш түкмәгеҙ; Һөргөнгә алып кителгәнгә әрнеп илағыҙ, Сөнки ул инде әйләнеп ҡайтмаҫ, Тыуған ерен башҡаса күрмәҫ. Атаһы Йошияһ урынына Йәһүҙә батшаһы булған һәм был илдән һөргөнгә алып кителгән Шаллум Йошияһ улы тураһында Раббы былай ти: – Ул ҡабаттан бында ҡайтмаясаҡ, һөргөнгә ебәрелгән ерҙә үлеп ҡалыр, был илде башҡаса күрмәҫ. «Кем йортон хәрәм юл менән төҙөгән, Өҫкө бүлмәләрен ғәҙелһеҙлек менән һалған, Яҡындарын бушлай эшләткән, Хеҙмәт хаҡын түләмәгән, Шул әҙәмдең башына ҡайғы! „Үҙемә мөһабәт һарай һалдырам, Өҫкө бүлмәләрен иркен итәм“, – тигән, Уға тәҙрәләр уйған, Кедр менән матурлап көпләгән, Ҡыҙылға буятҡан кешегә – ҡайғы! Кедрҙы мул тотонғандан ғына Үҙеңде шәп батша булдым тип уйлайһыңмы? Ана, атайың туйғансы ашап-эсте, Әммә ғәҙеллек һәм дөрөҫлөккә таянды, Шуға күрә уның эше ыңғай барҙы. Ул ярлы менән мохтаждың да дәғүәһен яҡланы. Шуның өсөн тормошо яҡшы булды. Ошо Мине танып белеү түгелме ни? – тип белдерә Раббы. – Һинең иһә күҙең дә, йөрәгең дә тик файҙаны самалай, Ғәйепһеҙҙең ҡанын түгәһең, Иҙеү, талау тураһында уйлайһың». Шуға күрә Раббы Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим Йошияһ улы тураһында былай ти: «Уның өсөн бер кем дә: „Аһ, туғаным! Аһ, ҡарындашым һымаҡ яҡыным!“ – тип ҡайғырмаҫ. Уның өсөн һис кем: „Эй хакимым! Эй ғали йәнәп!“ – тип йәшен түкмәҫ. Уны үлгән ишәк кеүек күмәсәктәр – Һөйрәкләп Йәрүсәлим ҡапҡаһынан Тышҡа сығарып бырғарҙар». «Ливан башына менеп ҡысҡыр, Тауышың Башандан яңғыраһын; Ғаваримда тороп иңрә, Сөнки бар уйнаштарың юҡ булды. Имен сағыңда Мин киҫәткәйнем, Тик һин: „Тыңламайым!“ – тинең. Йәш сағыңдан ҡылығың шул булды, Әйткәндәремә ҡолаҡ һалманың. Көтөүселәреңде елдәр алып китер, Уйнаштарың әсирлеккә ҡыуылыр; Ә һин ҡәбәхәт эштәрең арҡаһында Мәсхәрәгә ҡалып хур булырһың. Эй Ливанда төйәкләнгән, Кедр ағасында оя ҡорған әҙәм, Тулғаҡтан ғазапланған ҡатындай Ҡыҙғаныс ыңғырашасаҡһың». – Барлығым менән ант итәм, – тип белдерә Раббы. – Эй Йәһүҙә батшаһы Конъяһ Йеһояҡим улы, уң ҡулымдағы мөһөр йөҙөгө булһаң да, йолҡоп ырғытыр инем Мин һине. Йәнеңде көҫәгәндәрҙең, үҙеңде ҡан ҡалтыратып торған кешеләрҙең ҡулына – Бабил батшаһы Навуходоносор менән халдейҙарға бирәм Мин һине. Үҙеңде лә, һине тапҡан әсәңде лә ете-ят бер илгә ҡыуам, һеҙ унда тыуманығыҙ, әммә шунда үлеп ҡалырһығыҙ. Ҡайтам, тип йән атҡан ерегеҙгә ҡабат бер ваҡытта ла ҡайта алмаҫһығыҙ. Ошо әҙәм Йеһояхинмы? Бер нимәгә эшкинмәгән ярыҡ көршәк, Бер кемгә лә кәрәкмәгән һауыт улмы? Ни өсөн үҙе һәм зат-зәүере Белмәгән-күрмәгән илгә олаҡтырылды? Эй ил, ил, Раббы һүҙен тыңла, эй ил! Раббы былай ти: «Был әҙәмде балаһыҙҙар исемлегенә яҙығыҙ, Ғүмерен бушҡа уҙғарған кеше тип теркәп ҡуйығыҙ. Уның тоҡомонан бер кем дә уңыш ҡаҙана алмаҫ, Нәҫеленән Дауыт тәхетендә ултырыусы булмаҫ, Йәһүҙәлә батшалыҡ итмәҫ». – Көтөүемдәге ҡуйҙарымды һәләк иткән һәм таратҡан көтөүселәргә – ҡайғы! – тип белдерә Раббы. – Шуға күрә Үҙенең халҡын көткән көтөүселәргә Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Һеҙ малдарымды тарҡатып ҡыуып ебәрҙегеҙ, ҡуйҙарымды ҡараманығыҙ. Ә хәҙер Мин һеҙҙе ҡарайым, яуыз ғәмәлдәрегеҙ өсөн язалайым, – тип белдерә Раббы. – Унан һуң ҡуйҙарымдың ҡалғанын, Үҙем ҡыуып ебәргән бөтә илдәрҙән йыйып алып, утлауҙарына кире ҡайтарырмын. Унда үрсерҙәр һәм ишәйерҙәр. Уларға хәстәрлекле көтөүселәр ҡуйырмын. Башҡаса улар ҡурҡмаҫ, өркмәҫ һәм юғалмаҫ, – тип белдерә Раббы». «Бына шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – Дауыт нәҫеленән тоғро бер Үҫенте үҫтерермен. Ул аҡыл менән идара итер, Ерҙә ғәҙел хөкөм һәм дөрөҫлөк урынлаштырыр батша буласаҡ. Уның дәүерендә Йәһүҙә ҡотҡарылыр, Исраил имен-аман ғүмер итер. Уны: „Раббы – беҙҙең тоғро ҡотҡарыусыбыҙ!“ – тип атарҙар». – Бына шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – кешеләр ант иткәндә «Исраил халҡын Мысырҙан алып сыҡҡан тере Раббы Үҙе шаһит!» тип әйтмәҫ. Инде улар: «Исраил халҡын төньяҡтағы илдән һәм ҡайҙа ҡыуған, шул ерҙәрҙән кире алып сыҡҡан тере Раббы шаһит!» – тип ант итә башлар. Ул ваҡытта улар үҙ тупраҡтарында йәшәр. Пәйғәмбәрҙәр тураһында уйлап, Күкрәгемдә йөрәгем өҙгөләнә! Бөтә һөйәктәрем ҡалтырана; Раббының арҡаһында, Уның мөҡәддәс һүҙҙәре арҡаһында Мин, иҫерек бер кешегә оҡшап, Шараптан еңелгән әҙәм һымаҡ ҡалдым. Был ер зинасылар менән тулып китте, Ләғнәт арҡаһында ул йәш түгә, Ҡороп ҡалған далалағы көтөүлектәр. Бәндәләр яуызлыҡ юлына баҫҡан, Уларҙың көстәре – ғәҙелһеҙлек. «Пәйғәмбәр ҙә, ҡаһин да аллаһыҙ, Хатта йортомда ла ҡәбәхәтлек ҡылғандарын күрҙем, – тип белдерә Раббы. – Шуға йөрөгән юлдары ҡараңғы, тайғаҡ булыр. Улар шунда ҡыуылырҙар һәм ҡоларҙар; Сөнки яза йылында уларҙың Баштарына ҡаза ебәрәм, – тип белдерә Раббы. – Самария пәйғәмбәрҙәре араһында Ерәнгес бер нәмә күрҙем: Улар Бәғел исеменән пәйғәмбәрлек итте, Халҡымды юлдан яҙҙырҙы. Әммә Йәрүсәлим пәйғәмбәрҙәре араһында Бынан да ҡурҡынысырағын күрҙем: Улар зина ҡыла, ялған эсендә йәшәй; Яуызлыҡты һис кем ташламаһын өсөн Залимдарға ҡеүәт бирәләр. Минең өсөн улар – Содом кеүек, Йәрүсәлим халҡы Ғамора һымаҡ булды». Шуға күрә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы пәйғәмбәрҙәр тураһында былай ти: «Уларға әрем ашатам, ағыулы һыу эсерәм; Сөнки Йәрүсәлим пәйғәмбәрҙәренән Илдә аллаһыҙлыҡ таралды». Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Һеҙгә пәйғәмбәрлек иткән пәйғәмбәрҙәрҙең Әйткәндәренә ҡолаҡ һалмағыҙ. Улар һеҙҙе юҡҡа өмөтләндерәләр. Раббының ауыҙынан сыҡҡанды түгел, Үҙҙәренең уйҙырмаларын һөйләйҙәр. Мине һанламағандарға бер туҡтауһыҙ: „Раббы әйтте: ‘Бөтәһе лә яҡшы буласаҡ’“, – тиҙәр. Тиҫкәре булмыштары буйынса эшләгәндәргә: „Башығыҙға бәлә-ҡаза килмәйәсәк“, – тип әйтәләр. Әммә уларҙың ҡайһыһы Раббы кәңәшмәһендә ҡатнашҡан? Кем күргән, кем Уның һүҙен ишеткән? Ҡайһыһы диҡҡәт менән тыңлаған?» Бына Раббының ажарлы ғәрәсәте күтәрелде! Ул, ҡойондай өйрөлөп, Яуыздарҙың башына төшәсәк. Күңелендәге ниәтен ғәмәл ҡылмайынса, Уны ахырына тиклем еткермәйенсә, Раббының асыуы ҡайтмаясаҡ. Киләсәк көндәрҙә һеҙ быны аңларһығыҙ. «Был пәйғәмбәрҙәрҙе Мин ебәрмәнем, Улар үҙҙәре сабышып килгән. Мин уларға өндәшмәнем, Үҙҙәре пәйғәмбәрлек иттеләр. Әгәр ошо пәйғәмбәрҙәр кәңәшмәмдә ҡатнашһалар, Һүҙҙәремде халҡыма белдерерҙәр, Уларҙы яман юлдарынан, яуыз эштәренән тыйырҙар ине. Әллә Мин яҡында ғына Алламы? – тип белдерә Раббы. – Мин алыҫта Алла түгелменме? Берәйһе Мин күрмәҫлек урынға боҫа аламы? Күк менән ер тултырып торған Мин түгелме ни?» – тип белдерә Раббы. – Минең исемемдән ялған пәйғәмбәрлек итеүселәрҙең һөйләгәндәрен ишеткәнем бар Минең: «Мин бер төш күрҙем, мин төш күрҙем!» – тиҙәр улар. Ҡасанға тиклем дауам итер был? Ялғанды, үҙҙәренең күңелендәге уйҙырманы таратҡан был пәйғәмбәрҙәрҙең аҡылы бармы икән? Бәғел арҡаһында ата-бабалары исемемде онотҡан кеүек, бер-береһенә төштәрен һөйләп, халҡымдан исемемде онотторорға теләйҙәр улар. Әгәр пәйғәмбәр төш күргән икән, уны төшө итеп һөйләһен, ә кемгә һүҙемде ебәргәнмен икән, уны тоғро итеп еткерһен, – тип белдерә Раббы. – Кәбәк менән саф бойҙайҙың ниндәй уртаҡлығы бар? Минең һүҙем – ялҡын, – тип белдерә Раббы. – Ҡаяларҙы селпәрәмә иткән балға ул! Шуға күрә һүҙҙәремде бер-береһенән урлаған пәйғәмбәрҙәргә ҡаршы Мин, – тип белдерә Раббы. – Эйе, телдәренә нимә килә, шуны һөйләп, «Был – Раббы һүҙе!» тигән пәйғәмбәрҙәргә ҡаршы Мин! – тип белдерә Раббы. – Бына, Мин уйҙырма төштәрен һөйләгән пәйғәмбәрҙәргә ҡаршымын! – тип белдерә Раббы. – Улар үҙҙәренең ялғандары һәм мәғәнәһеҙлектәре менән халҡымды юлдан яҙҙыра. Уларҙы Мин ебәрмәнем, уларға бойороҡ бирмәнем. Уларҙың был халыҡҡа бер ниндәй ҙә файҙалары юҡ, – тип белдерә Раббы. – Эй Йермеяһ, был халыҡ араһынан берәйһе, пәйғәмбәр йәки ҡаһин һинән: «Раббы беҙгә был хәбәрҙе ебәреп, нимә йөкмәтмәксе икән?» – тип һораһа: «Раббы: „Һеҙ үҙегеҙ Миңә йөк. Мин һеҙҙе алып ташлаясаҡмын!“ – тип белдерә», – тиерһең. Әгәр пәйғәмбәр, ҡаһин йәки башҡа берәйһе «Раббының хәбәре беҙгә йөк булды» тип әйтһә, Мин ул кешене бөтә ғаиләһе менән язалаясаҡмын. Һеҙ бер-берегеҙгә: «Раббы нимә тип яуап бирҙе?» йәки: «Раббы нимә тип һөйләне?» – тип әйтегеҙ. Бынан кире «Раббының йөгө» тигән һүҙҙе ауыҙығыҙға ла алмағыҙ, сөнки һәр кемдең үҙенең һүҙе – үҙенә йөк. Бының менән һеҙ тере Алланың, Күк ғәскәрҙәре Раббыһының – үҙ Аллағыҙҙың һүҙҙәрен боҙаһығыҙ. Һеҙ пәйғәмбәрҙән: «Раббы һиңә нимә тип яуап ҡайтарҙы?» йәки «Раббы һиңә нимә һөйләне?» – тип һорарға тейешһегеҙ. Әгәр ҙә һеҙ әйткәнемә ҡарамайынса: «Раббының йөгө» тураһында һүҙ ҡуҙғатһағыҙ, Мин әйтмәҫкә ҡушҡан һүҙҙәрҙе һөйләгән өсөн һеҙҙе бөтөнләйгә онотормон, һеҙҙән дә, һеҙгә һәм ата-бабаларығыҙға биргән ошо ҡаланан да ваз кисермен, һеҙҙе мәңгелек хурлыҡҡа, мәсхәрәгә дусар итермен, һәм улар онотолмаҫ. Бабил батшаһы Навуходоносор Йәһүҙә батшаһы Йеһояхин Йеһояҡим улын, уның менән бергә Йәһүҙәнең дәрәжәле кешеләрен, һөнәрселәрен һәм тимерселәрен Йәрүсәлимдән Бабилға һөргөнгә ҡыуып алып киткәс, Раббы миңә күренмеш иңдерҙе: Раббы ҡорамы алдына инжир һалынған ике кәрзин тора, имеш. Кәрзиндәрҙең береһендә – иртә өлгөргән яҡшы инжир, икенсеһендә – ашарға ярамаҫлыҡ булып серегән насар инжирҙәр. Раббы минән: – Нимә күрәһең, Йермеяһ? – тип һораны. – Инжир емешен күрәм, – тип яуапланым. – Яҡшылары ныҡ матур, ә насарҙары ашарлыҡ түгел, серек. Шунан Миңә Раббы һүҙе булды: – Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Мин был урындан Халдей еренә Үҙем һөргөнгә ебәргән Йәһүҙә кешеләрен ошо яҡшы инжиргә оҡшатам. Уларға иғтибарымды йүнәлтеп, яҡшылыҡ ҡылырмын, был ергә ҡабат ҡайтарырмын. Уларҙы нығытырмын, ә бөлдөрмәм; уларҙы үҫтерермен, ә йолҡоп ташламам. Минең Раббы икәнемде аңларлыҡ йөрәк бирермен уларға. Улар Минең халҡым булыр, Мин уларҙың Аллаһы булырмын. Сөнки улар ысын күңелдән Миңә табан боролорҙар. Ә Йәһүҙә батшаһы Сидкияһ менән түрәләрен, Йәрүсәлимдә иҫән ҡалып, шул илдә йәки Мысырҙа йәшәгәндәрҙе ашарға ярамаҫлыҡ ошо серек инжир кеүек итәсәкмен, – тип белдерә Раббы. – Уларҙы ерҙәге барлыҡ батшалыҡтар өсөн ҡот осҡос, ерәнгес бер хәлгә төшөрәм. Ҡайҙарға һөргәнмен, шунда хурлыҡҡа ҡалырҙар, мыҫҡылланырҙар һәм ләғнәтләнерҙәр. Мин, улар үҙҙәренә һәм ата-бабаларына биргән ерҙән тамам юҡҡа сыҡҡансы, өҫтәренә ҡылыс, аслыҡ һәм ҡырғын ебәреп торасаҡмын». Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим Йошияһ улы тәхеткә ултырғандың дүртенсе йылында Йермеяһҡа Йәһүҙә халҡы тураһында Раббы һүҙе булды. Был Навуходоносорҙың Бабилға батша булыуының тәүге йылы ине. Йермеяһ пәйғәмбәр бөтә Йәһүҙә халҡына һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә былай тине: – Йәһүҙә батшаһы Йошияһ Амон улы хакимлығының ун өсөнсө йылынан алып ошо көнгә тиклем – бына инде егерме өс йыл буйы – миңә Раббы һүҙе иңеп тора. Мин уларҙы һеҙгә туҡтауһыҙ һөйләй барҙым, әммә һеҙ әйткәндәремә ҡолаҡ һалманығыҙ. Раббы һеҙгә Үҙенең ҡолдары пәйғәмбәрҙәрҙе ҡабат-ҡабат ебәреп торҙо, әммә һеҙ тыңламанығыҙ, ҡолаҡ һалманығыҙ. Улар һеҙгә: «Һәр берегеҙ яман юлдан, яуыз ғәмәлдәрегеҙҙән баш тартығыҙ. Шул сағында Раббы һеҙгә һәм ата-бабаларығыҙға мәңгелеккә биргән ерҙә йәшәрһегеҙ. Ят илаһтарға эйәрмәгеҙ, уларға хеҙмәт итмәгеҙ һәм сәждә ҡылмағыҙ, үҙегеҙ яһаған боттар менән Мине асыуландырмағыҙ. Шул сағында Мин һеҙгә зыян килтермәм», – тине. «Әммә һеҙ Мине тыңламанығыҙ, – тип белдерә Раббы. – Боттарығыҙ менән Мине асыуландырып, үҙ башығыҙға бәлә килтерҙегеҙ». Шуға күрә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Әйткәндәремде тыңламағанығыҙ өсөн, Мин бөтә төньяҡ ҡәбиләләрен һәм Бабил батшаһы ҡолом Навуходоносорҙы саҡырам, – тип белдерә Раббы. – Уларҙы был ергә, ошонда йәшәүселәргә, яҡын-тирәләге башҡа халыҡтарға ҡаршы алып киләм. Уларҙы тотош юҡ итәсәкмен, илдәрен ҡурҡыныс урынға әйләндереп, мәсхәрәгә төшөрөрмөн, мәңгелек харабаға әүерелдерермен. Мин улар араһында Шатлыҡ ауаздарын, Күңел асыуҙарҙы, Кейәү менән кәләштең тауыштарын тыйырмын, Тирмән туҡылдауын туҡтатырмын, Шәм яҡтыһын һүндерермен. Бөтә был ер бушлыҡ һәм дәһшәткә әйләнер. Был ҡәүемдәр етмеш йыл буйы Бабил батшаһына хеҙмәт итер. Етмеш йыл үткәндән һуң, Бабил батшаһын, уның халҡын һәм халдейҙар илен ҡылған енәйәттәре өсөн язалаясаҡмын, – тип белдерә Раббы. – Мин был ерҙе мәңгелек бушлыҡҡа әйләндерәсәкмен. Ул ер тураһында һөйләгәндәремдең барыһын, ошо китапҡа яҙылған һүҙҙәрҙең һәммәһен, Йермеяһтың бөтә халыҡтарға пәйғәмбәрлек итеп әйткәндәрен бойомға ашырасаҡмын. Бабилдар ҙа күп ҡәүемдәргә, бөйөк батшаларға ҡол булырҙар. Ҡылған ғәмәлдәренә күрә Мин уларға тейешле әжерен бирермен». Исраил Аллаһы Раббы миңә былай тине: – Ҡулымдағы ярһыуым шарабы менән тулы туҫтаҡты ал, һине ниндәй ҡәүемдәргә ебәрһәм, шуларҙың бөтәһенә лә эсер. Улар эсеп сайҡалырҙар һәм Мин уларға ебәргән ҡылыс ҡаршыһында аҡылдан шашырҙар. Мин Раббы ҡулынан туҫтаҡты алдым да Ул мине ебәргән бөтә ҡәүемдәргә эсерҙем: Йәрүсәлим һәм Йәһүҙә ҡалалары әлеге кеүек емереклек һәм дәһшәт билдәһенә әйләнһен, илдең батшалары һәм түрәләре мәсхәрәгә ҡалһын, ләғнәтләнһен өсөн эсерҙем мин ул шарапты. Шулай уҡ мин уны Мысыр батшаһы фирғәүенгә, уның хеҙмәтселәренә, түрәләренә һәм бөтә халҡына, улар араһында йәшәгән барса килмешәктәргә, Ғус еренең бөтә батшаларына, пелештиҙәр иленең бөтә батшалары – Ашҡылон, Газа, Ғәҡрон ҡалалары хакимдары һәм Ашдодтың иҫән ҡалған халҡына; Эдом, Моав, Ғаммон халҡына; Тирҙың, Сидондың бөтә батшаларына; диңгеҙ буйындағы ерҙәрҙең батшаларына; Деданға, Темаға, Бузға һәм сикә сәстәрен ҡырып йөрөгән бөтә халыҡтарға; Ғәрәбстандың батшаларына, сүлдә йәшәгән ҡәбиләләрҙең барлыҡ батшаларына; Зимри, Ғелам, Мадайҙың барлыҡ батшаларына; төньяҡтағы яҡын һәм йыраҡ илдәрҙең батшаларының барыһына, ер йөҙөндәге бөтә халыҡтарҙың батшаларына бер-бер артлы эсерҙем. Ә Шешах батшаһына килгәндә инде, ул иң аҙаҡтан эсер. – Йермеяһ, һин уларға, Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай тип әйтә тиң: «Эсегеҙ, иҫерегеҙ, ҡоҫоғоҙ, йығылығыҙ ҙа башҡа тормағыҙ, сөнки Мин һеҙҙең өҫтөгөҙгә ҡылыс ебәрәм». Әгәр ҙә туҫтаҡты ҡулыңдан алып эсеүҙән баш тартһалар, әйт, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Мотлаҡ эсәсәкһегеҙ! Ҡарағыҙ, Минең исемем менән аталған ҡалаға һәләкәт юллайым икән, әллә һеҙ язаһыҙ ҡалырбыҙ тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, һеҙ язаһыҙ ҡалмаясаҡһығыҙ, сөнки Мин ер йөҙөндә йәшәгәндәрҙең барыһына ҡаршы ҡылыс саҡырам», – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Уларға ошо пәйғәмбәрлек һүҙҙәрен еткер, әйт: «Юғарынан күкрәр Раббы, Мөҡәддәс торлағынан тауышын күтәрер; Үҙенең төйәгенә дәһшәтле дөһөрләр, Йөҙөм иҙеүсе кеүек ҡысҡырыр, Донъяла йәшәүселәрҙең барыһына һөрәнләр. Был гөрһөлдәү ерҙең сиктәренә барып етер, Сөнки Раббы ҡәүемдәргә дәғүә ҡуйыр; Һәр бер йән эйәһе менән хөкөмләшер, Яуыздарҙы ҡылыстан үткәрер», – тип белдерә Раббы. Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Ҡара, бәлә халыҡтан халыҡҡа күсә, Ерҙең сиктәренән ғәрәсәт ҡуба!» Ул көндө бөтә ер йөҙө, бер сигенән икенсе сигенә тиклем, Раббы һәләк иткән кешеләрҙең мәйете менән тулыр. Мәрхүмдәр өсөн һис кем йәш түкмәҫ, йыйып алып ерләмәҫ; улар ер өҫтөндә тиҙәк кеүек ятыр. Илағыҙ, көтөүселәр, һыҡтағыҙ! Туҙанға ятып аунағыҙ, эй көтөү башлыҡтары! Һеҙҙе салыу көнө килеп етте! Мәйеттәрегеҙ ерҙә туҙрап ятыр, Селпәрәмә килгән затлы һауыттай булыр. Көтөүселәргә – йәшенер урын, Башлыҡтарына ҡотолоу булмаҫ. Көтөүселәрҙең илаған тауыштары, Көтөү башлыҡтарының иңрәүе ишетелә! Раббы уларҙың көтөүлектәрен юҡҡа сығарҙы. Раббының асыуынан иркен көтөүлектәр харап булды. Өңөн ташлап сыҡҡан арыҫлан һымаҡ Ул! Баҫҡынсының ярһыуынан, Раббының аяуһыҙ асыуынан Уларҙың ере сүлгә әйләнде. Йәһүҙәлә Йеһояҡим Йошияһ улы батшалыҡ итә башлаған көндәрҙә Раббынан Йермеяһҡа ошондай һүҙ булды: – Раббы былай ти: «Раббы йортоноң ихатаһына баҫ та Йәһүҙә ҡалаларынан бында ғибәҙәт ҡылырға килеүселәрҙең барыһына ла Мин һиңә әйтергә ҡушҡандарҙы еткер, бер һүҙен дә кәметмә! Бәлки, улар ҡолаҡ һалырҙар ҙа яман юлдарынан кире ҡайтырҙар. Ул сағында Мин дә уларҙың яуыз ғәмәлдәре өсөн бирергә ниәтләгән ҡазаны ебәреүҙән тыйылырмын. Уларға әйт, Раббы былай ти: „Әгәр ҙә Мине тыңламаһағыҙ, Мин һеҙгә биргән ҡанун буйынса йәшәмәһәгеҙ, һеҙгә бер-бер артлы ебәреп торған ҡолдарым пәйғәмбәрҙәрҙең әйткәндәренә быға тиклемге кеүек ҡолаҡ һалмаһағыҙ, Шило ҡалаһына нимә эшләһәм, был йортҡа ла шуны ҡылырмын, был ҡаланы ерҙәге барса ҡәүемдәрҙең ләғнәтенә дусар итермен“». Ҡаһиндар, пәйғәмбәрҙәр һәм бөтә халыҡ Йермеяһтың Раббы йортонда һөйләгән был һүҙҙәрен ишетте. Йермеяһ Раббының халыҡҡа һөйләргә бойорғандарын әйтеп биргәс, ҡаһиндар, пәйғәмбәрҙәр һәм ундағы барса халыҡ уға ташланып: – Үлтерегеҙ уны! – тип ҡысҡыра башланы. – Ни өсөн һин, был йорт Шило кеүек буласаҡ, был ҡала ла бер кешеһеҙ, буп-буш ҡаласаҡ тип, Раббы исеменән пәйғәмбәрлек итәһең? Раббы йортонда булған бөтә халыҡ Йермеяһты уратып алды. Был турала ишеткән Йәһүҙә түрәләре, батша һарайынан Раббы йортона килеп, Раббы йортоноң Яңы ҡапҡаһына ингән ерҙә урындарына ултырҙы. Ҡаһиндар менән пәйғәмбәрҙәр түрәләргә һәм бөтә халыҡҡа: – Был кеше үлем язаһына лайыҡ, уның был ҡалаға ҡаршы пәйғәмбәрлек иткәнен үҙ ҡолағығыҙ менән ишеттегеҙ, – тинеләр. Йермеяһ түрәләргә һәм халыҡҡа: – Ошо йортҡа һәм ошо ҡалаға ҡаршы һеҙ ишеткән бөтә пәйғәмбәрлек һүҙҙәрен әйтергә мине Раббы ебәрҙе, – тине. – Әгәр һеҙ, яҡшылыҡ юлына баҫып, игелекле ғәмәлдәр ҡылһағыҙ, Аллағыҙ Раббының әйткәндәренә ҡолаҡ һалһағыҙ, Раббы ниәтенән ҡайтыр, һеҙгә иғлан иткән һәләкәтте ебәрмәҫ. Миңә килгәндә инде, бына, ихтыярығыҙҙамын. Нисек яҡшы тип табаһығыҙ, нисек дөрөҫ һанайһығыҙ, шуны эшләгеҙ. Тик шуны белегеҙ: әгәр ҙә мине үлтерһәгеҙ, һеҙ ҙә, был ҡала ла, унда йәшәүсе кешеләр ҙә гонаһһыҙ ҡанды ҡойоуҙа ғәйепле буласаҡ. Сөнки бөтә ошо һүҙҙәрҙе ҡолағығыҙға төшөрөр өсөн мине ысынлап та һеҙгә Раббы Үҙе ебәрҙе. Бынан һуң түрәләр менән халыҡ ҡаһиндарға һәм пәйғәмбәрҙәргә: – Был кеше үлем язаһына лайыҡ түгел, сөнки ул беҙгә Аллабыҙ Раббы исеменән һөйләне, – тинеләр. Илдең аҡһаҡалдарының ҡайһы берәүҙәре, тороп, халыҡ йыйынына былай тине: – Йәһүҙә батшаһы Хизкияһ заманында Морешеҫтан Миха пәйғәмбәрлек итә торғайны. Ул Йәһүҙә халҡына: «Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: „Сион баҫыу һымаҡ һөрөләсәк, Йәрүсәлим таш өйөмөнә әйләнәсәк, Ҡорам тауын урман ҡаплаясаҡ“», – тип һөйләгәйне. Йәһүҙә батшаһы Хизкияһ йәки Йәһүҙә халҡынан берәйһе пәйғәмбәрҙе үлтергәнме ни? Киреһенсә, батша, Раббынан ҡурҡып, Унан мәрхәмәт ялбарған. Раббы, ниәтенән кире ҡайтып, уларға белдергән һәләкәтте ебәреүҙән баш тартҡан. Ә беҙ үҙебеҙгә үҙебеҙ ҙур һәләкәт килтерергә торабыҙ! Раббы исеменән пәйғәмбәрлек иткән Шемағъяһ улы Урияһ тигән йәнә бер кеше булды. Ул сығышы менән Ҡыръяҫ-Еғаримдан ине. Ул да, Йермеяһ әйткәнсә һөйләп, был ҡалаға һәм илгә ҡаршы пәйғәмбәрлек итте. Йеһояҡим батша һәм уның ғәскәр башлыҡтары, түрәләре Урияһтың һүҙҙәрен ишеткәс, батша уны үлтерергә ниәтләне. Был турала белгәс, Урияһ ҡурҡыуға ҡалды һәм Мысырға ҡасып китте. Шул саҡ Йеһояҡим батша кешеләре менән Әлнаҫан Ғахбор улын Мысырға ебәрҙе. Урияһты, Мысырҙан алып ҡайтып, Йеһояҡим батшаға килтерҙеләр. Батша уны ҡылыс менән сабып үлтертте лә мәйетен ябай халыҡтың ҡәберлегенә ырғыттырҙы. Әммә Ахиҡам Шафан улы Йермеяһты яҡлап алып ҡалды, уны үлтерергә йыйынған халыҡтың ҡулына тапшырырға юл ҡуйманы. Йәһүҙәлә Сидкияһ Йошияһ улы батшалыҡ итә башлаған көндәрҙә Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды. Раббы миңә былай тине: – Үҙеңә ҡайыштары менән ҡалып яһап ал да муйыныңа кей. Шунан Йәрүсәлимгә Йәһүҙә батшаһы Сидкияһҡа килгән илселәр аша Эдом, Моав, Ғаммон, Тир, Сидон батшаларына ла берәр ҡалып ебәр. Илселәргә бойор, улар үҙҙәренең хакимдарына ошо хәбәрҙе еткерһен: Исраилдың Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Хужаларығыҙға әйтегеҙ, ерҙе лә, унда йәшәгән кешеләр менән йәнлектәрҙе лә бөйөк көсөм, ҡөҙрәтле ҡулым менән Мин яраттым. Уны Үҙем хуш күргән кешегә бирәм. Инде бөтә был ерҙәрҙе Мин Үҙемдең ҡолом Бабил батшаһы Навуходоносорға тапшырам. Хатта ҡырҙағы йәнлектәрҙе лә уның ихтыярына бирәм, әйҙә, уға хеҙмәт итһендәр. Был илдең сәғәте һуҡҡанға тиклем бөтә ҡәүемдәр уға, уның улына һәм ейәненә хеҙмәт итер. Һуңынан уның үҙен дә, ерен дә башҡа ҙур ҡәүемдәр һәм бөйөк батшалар буйһондорор. Берәй ҡәүем йәки батшалыҡ, Бабил батшаһы Навуходоносорға хеҙмәт итеп, муйынына Бабил батшаһының ҡалыбын кеймәһә, был ҡәүемде уның ҡулы менән ҡырып бөтөргәнгә тиклем ҡылыс, аслыҡ һәм ҡырғын менән язалайым, – тип белдерә Раббы. – „Бабил батшаһына ҡол булмаясаҡһығыҙ“, – тигән пәйғәмбәрҙәрегеҙҙе, күрәҙәселәрегеҙҙе, төш юраусыларығыҙҙы, сихырсыларығыҙҙы, фалсыларығыҙҙы тыңламағыҙ! Улар һеҙгә ялған пәйғәмбәрлек итә. Әгәр уларға ҡолаҡ һалһағыҙ, Мин һеҙҙе ерегеҙҙән ҡыуып ебәрермен – һеҙҙе алыҫҡа алып китерҙәр, һәм һеҙ һәләк булырһығыҙ. Муйынына Бабил батшаһының ҡалыбын кейгән һәм уға хеҙмәт иткән ҡәүемде үҙ ерендә ҡалдырам, – тип белдерә Раббы. – Ул шул ерҙе эшкәртер, шунда йәшәр». Йәһүҙә батшаһы Сидкияһҡа ла ошо һүҙҙәрҙе еткерҙем: – Муйындарығыҙҙы Бабил батшаһы ҡалыбы аҫтына ҡуйығыҙ. Уға һәм халҡына хеҙмәт итегеҙ, шул саҡта иҫән ҡалырһығыҙ, – тинем. – Раббы, Бабил батшаһына хеҙмәт итмәгән һәр ҡәүем ҡылыстан, аслыҡтан һәм ҡырғындан үләсәк, тип киҫәтте бит. Ни өсөн һиңә һәм халҡыңа һәләк булырға? «Бабил батшаһына ҡол булмаясаҡһығыҙ», – тигән пәйғәмбәрҙәрҙе тыңламағыҙ, сөнки улар ялған һөйләй. «Уларҙы Мин ебәрмәнем, – тип белдерә Раббы. – Уларҙың һеҙгә Минең исемемдән пәйғәмбәрлек итеп һөйләгәндәре ялған. Әгәр уларҙы тыңлаһағыҙ, Мин һеҙҙе лә, пәйғәмбәрлек ҡылыусыларҙы ла ҡыуып ебәрермен һәм барығыҙ ҙа һәләк булырһығыҙ». Шунан мин ҡаһиндарға ла, бөтә халыҡҡа ла әйттем: – Раббы былай ти: «Оҙаҡламай Раббы йортоноң әйберҙәре Бабилдан кире ҡайтарыласаҡ», – тип һөйләгән пәйғәмбәрҙәрегеҙҙе тыңламағыҙ. Улар һеҙгә ялған пәйғәмбәрлек итә, – ти Раббы. – Тыңламағыҙ уларҙы. Бабил батшаһына хеҙмәт итегеҙ ҙә йәшәгеҙ. Ниңә был ҡаланы харабаға әйләндерергә? Әгәр улар пәйғәмбәр икән, уларҙа Раббы һүҙе бар икән, Күк ғәскәрҙәре Раббыһынан Раббы йортонда, Йәһүҙә батшаһының һарайында һәм Йәрүсәлимдә ҡалған әйберҙәрҙең Бабилға алып кителмәүен юллаһындар. Раббы йортонда, Йәһүҙә батшаһы һарайында, Йәрүсәлимдә ҡалған әйберҙәр тураһында былай ти Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы: «Уларҙы Бабилға алып китерҙәр, һәм Мин хәстәрлек күргәнгә тиклем улар шунда ҡалыр. Мәле еткәс, Мин уларҙы алып сығып, ҡабат ошонда ҡайтарырмын», – тип белдерә Раббы. Шул уҡ йылдың бишенсе айында, Йәһүҙә батшаһы Сидкияһ хакимлығының башында, дүртенсе йылында, Ғивғондан Ғаззур улы Хананъяһ пәйғәмбәр Раббы йортонда ҡаһиндар һәм бөтә халыҡ алдында миңә былай тине: – Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы әйтә: «Бабил батшаһы кейҙергән ҡалыпты һындырып ташлайым. Бабил батшаһы Навуходоносор Раббы йортонан Бабилға алып киткән бөтә әйберҙәрҙе Мин ике йыл эсендә кире был урынға ҡайтарам. Бынан тыш Йәһүҙә батшаһы Йехонъяһ Йеһояҡим улын һәм Бабилға һөргөнгә ҡыуылған бөтә Йәһүҙә кешеләрен кире ҡайтарам, – тип белдерә Раббы. – Сөнки Бабил батшаһының ҡалыбын һындырып ташлайым». Йермеяһ пәйғәмбәр ҡаһиндар һәм Раббы йортонда торған халыҡ алдында, Хананъяһ пәйғәмбәргә яуап ҡайтарып, былай тине: – Амин! Раббы шулай эшләй күрһен! Һин пәйғәмбәрлек иткәндәрҙе бойомға ашырһын – Раббы йортоноң барлыҡ әйберҙәрен һәм һөргөндәгеләрҙең барыһын да Бабилдан бында кире ҡайтарһын! Тик шулай ҙа һиңә һәм бөтә халыҡҡа әйтмәксе булған ошо һүҙҙе тыңла: һинән дә, минән дә алда йәшәгән пәйғәмбәрҙәр күп илдәрҙең һәм бөйөк батшалыҡтарҙың башына һуғыш, һәләкәт һәм ҡырғын киләсәк тип пәйғәмбәрлек иткәндәр. Әгәр ҙә пәйғәмбәр именлек киләсәген алдан хәбәр итә икән, һүҙе тормошҡа ашҡас ҡына, уның ысынлап та Раббы ебәргән пәйғәмбәр булғанын танығандар. Шунда Хананъяһ пәйғәмбәр Йермеяһ пәйғәмбәрҙең муйынындағы ҡалыпты тартып алып һындыра һуҡты ла йыйылған халыҡҡа мөрәжәғәт итте: – Раббы былай ти: «Ике йыл эсендә Бабил батшаһы Навуходоносорҙың бөтә халыҡтарҙың муйынына кейҙергән ҡалыбын Мин бына ошолай һындырып ташлаясаҡмын!» Бынан һуң Йермеяһ пәйғәмбәр үҙ юлына китте. Хананъяһ пәйғәмбәр Йермеяһ пәйғәмбәрҙең муйынындағы ҡалыпты һындырып ташлағандан һуң, күп тә үтмәй Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды: – Бар, Хананъяһҡа әйт, Раббы былай ти: «Һин ағас ҡалыпты һындырҙың, уның урынына тимер ҡалып яһарһың! Сөнки Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Исраил Аллаһы әйтә: „Бабил батшаһы Навуходоносорға хеҙмәт итһендәр өсөн был ҡәүемдәрҙең бөтәһенең дә муйынына тимер ҡалып кейҙерәм. Барыһы ла уға ҡол буласаҡ. Хатта ҡырҙағы йәнлектәрҙе лә уның ихтыярына бирәм“». Йермеяһ пәйғәмбәр Хананъяһ пәйғәмбәргә былай тине: – Тыңла әле, Хананъяһ! Һине бит Раббы ебәрмәгән. Ә һин был халыҡты ялғанға ышандырҙың. Шуға күрә Раббы әйтә: «Мин һине ер йөҙөнән юҡ итәм. Раббыға ҡаршы ҡоторттоң, шуның өсөн быйыл үләсәкһең». Хананъяһ пәйғәмбәр ошо йылдың етенсе айында үлде. Йермеяһ пәйғәмбәр һөргөндә иҫән ҡалған аҡһаҡалдарға, ҡаһиндарға, пәйғәмбәрҙәргә һәм Навуходоносор Йәрүсәлимдән Бабилға ҡыуып алып киткән бөтә халыҡҡа Йәрүсәлимдән хат ебәрҙе. Был хат Йехонъяһ батша, батшаның әсәһе, һарай әһелдәре, Йәһүҙә һәм Йәрүсәлим түрәләре, һөнәрселәр, тимерселәр Йәрүсәлимдән ҡыуып алып кителгәндән һуң яҙылды. Йермеяһ хатты Йәһүҙә батшаһы Сидкияһ Бабилға Навуходоносор батша янына ебәргән Әлғаса Шафан улы менән Гемаръяһ Хилҡияһ улы аша ебәрҙе. Хатта түбәндәгеләр яҙылғайны: Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Йәрүсәлимдән Бабилға һөргөнгә ебәргән бөтә кешеләргә былай ти: «Үҙегеҙгә өйҙәр һалығыҙ һәм уларҙа йәшәгеҙ; баҡсалар үҫтереп, емешен ашағыҙ. Өйләнегеҙ, һәм улдарығыҙ, ҡыҙҙарығыҙ тыуһын. Улдарығыҙға кәләш алығыҙ, ҡыҙҙарығыҙҙы кейәүгә бирегеҙ. Уларҙың да улдары һәм ҡыҙҙары тыуһын. Унда ишәйегеҙ, кәмемәгеҙ. Мин һеҙҙе һөргөнгә ебәргән ҡалаға именлек теләгеҙ, уның өсөн Раббыға доға ҡылығыҙ. Ҡала имен булһа, һеҙ ҙә имен булырһығыҙ». Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Арағыҙҙағы пәйғәмбәрҙәр менән күрәҙәселәр һеҙҙе алдамаһын. Улар күргән төштәрҙе тыңламағыҙ. Уларҙың һеҙгә Минең исемемдән пәйғәмбәрлек итеп һөйләгәндәре ялған. Уларҙы Мин ебәрмәнем», – тип белдерә Раббы. Раббы былай ти: «Бабил өсөн етмеш йыл тамам булғас, һеҙҙе хәстәрләрмен, биргән һүҙемә тоғро ҡалып, һеҙҙе ошо ергә ҡайтарырмын. Сөнки һеҙҙең турала нимә ниәт иткәнемде бары Үҙем генә беләм, – тип белдерә Раббы. – Ниәттәрем һеҙгә бәлә түгел, ә именлек алып килә, һеҙгә матур киләсәк менән өмөт бирә. Ул заман һеҙ Мине саҡырырһығыҙ, Миңә килеп доға ҡылырһығыҙ һәм Мин һеҙҙе ишетермен. Мине эҙләрһегеҙ, әгәр ихлас күңелдән эҙләһәгеҙ, табырһығыҙ. Мин һеҙгә табылырмын, – тип белдерә Раббы. – Элекке мул, имен тормошоғоҙҙо кире ҡайтарырмын, бөтә халыҡтар араһынан, ҡайҙа ҡыуып таратҡанмын, шул урындарҙан һеҙҙе ҡабат йыйып алырмын да төйәгегеҙгә ҡайтарырмын». «Раббы беҙгә Бабилда ла пәйғәмбәрҙәр бирҙе», – тип әйтәһегеҙ. Дауыт тәхетендә ултырған батша һәм Йәрүсәлимдә ҡалған халыҡ, йәғни һеҙҙең менән бергә һөргөнгә китмәгән ҡәрҙәштәрегеҙ тураһында Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Уларҙың өҫтөнә ҡылыс, аслыҡ һәм ҡырғын ебәрәм. Уларҙы ашарға яраҡһыҙ серек инжир емеше һымаҡ итәм. Ҡылыс, аслыҡ, ҡырғын менән эҙәрләйәсәкмен. Быларҙы күргән ер йөҙөндәге барлыҡ батшалыҡтар дәһшәткә төшәсәк. Үҙем ҡыуып ебәргән барса ҡәүемдәр араһында уларҙы ҡотто ала торған ерәнгес бер хәлгә төшөрәсәкмен, ғибрәткә әйләндерәсәкмен, оятҡа ҡалдырасаҡмын, мәсхәрә итәсәкмен. Сөнки улар әйткәндәремә ҡолаҡ һалманы, – тип белдерә Раббы. – Ҡолдарым пәйғәмбәрҙәрҙе ҡабат-ҡабат ебәрҙем, әммә уларҙы тыңларға теләмәнеләр, – тип белдерә Раббы. – Ә һеҙ, Минең тарафтан Йәрүсәлимдән Бабилға һөргөнгә ебәрелгәндәр, Раббы һүҙен тыңлағыҙ. Раббы исеменән һеҙгә ялған пәйғәмбәрлек иткән Ахав Ҡолаяһ улы менән Сидкияһ Мағасеяһ улы тураһында Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Исраил Аллаһы былай ти: „Мин уларҙы Бабил батшаһы Навуходоносор ҡулына тапшырам, һәм ул һеҙҙең күҙ алдығыҙҙа уларҙы үлтерәсәк. Шул арҡала Йәһүҙәнән Бабилға һөргөнгә ҡыуып килтерелгәндәр араһында: Раббы һине Бабил батшаһы утта яндырған Сидкияһ менән Ахав көнөнә төшөрһөн! тигән ҡарғыш йәшәп ҡаласаҡ. Сидкияһ менән Ахав Исраилда бик күп әшәкелектәр эшләне: яҡындарының ҡатындары менән зина ҡылдылар, Мин уларға ҡушмаған булһам да, Минең исемемдән ялған һөйләнеләр. Миңә быларҙың барыһы ла мәғлүм, Үҙем шаһитмын“», – тип белдерә Раббы. – Йермеяһ, Нехелам кешеһе Шемағъяһҡа әйт, Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Һин Йәрүсәлим халҡына, ҡаһин Сефанъяһ Мағасеяһ улына, бөтә ҡаһиндарға үҙ белдегең менән хаттар ебәрҙең. Сефанъяһҡа һин былай тип яҙҙың: Раббы Үҙенең ҡорамына яуаплы булараҡ Йеһоядағ урынына һине ҡаһин итеп ҡуйҙы. Үҙен пәйғәмбәр тип иғлан иткән һәр тилегә ағас бығау һәм тимер муйынса кейҙерергә тейешле күҙәтсе итте. Ни өсөн һин үҙен пәйғәмбәр тип иғлан иткән Ғанаҫоҫ кешеһе Йермеяһты тыймайһың? Ул беҙ Бабилдағыларға: „Был хәл оҙаҡ буласаҡ. Шуға күрә үҙегеҙгә өйҙәр һалығыҙ һәм уларҙа йәшәгеҙ; баҡсалар үҫтерегеҙ һәм емешен ашағыҙ“, – тип хат яҙып ята». Сефанъяһ ҡаһин был хатты Йермеяһ пәйғәмбәргә ҡысҡырып уҡыны. Шунда Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды: – Һөргөндәгеләрҙең барыһына ла ошо хәбәрҙе юлла, Нехеламдан булған Шемағъяһ тураһында Раббы былай ти: «Мин ебәрмәгән килеш пәйғәмбәрлек итеп, Шемағъяһ һеҙҙе ялғанға ышандырҙы. Шуға күрә, – ти Раббы, – Мин Нехелам кешеһе Шемағъяһты һәм тоҡомон язалаясаҡмын. Был халыҡ араһында нәҫеленән бер кеше лә ҡалмаҫ, улар Минең халҡыма эшләйәсәк яҡшылыҡтарымды күрмәҫ, – тип белдерә Раббы. – Сөнки Шемағъяһ халыҡты Миңә ҡаршы ҡотортто». Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды: – Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Һиңә һөйләгәндәремдең бөтәһен дә бер төргәк китапҡа теркәп ҡуй. Шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – халҡым Исраил менән Йәһүҙәне тағы элекке мул, имен тормошона ирештерермен. Уларҙы ата-бабаларына Үҙем биргән ергә яңынан ҡайтарырмын, һәм уға ҡабат хужа булырҙар». Бына Раббының Исраил менән Йәһүҙә тураһында әйткәндәре. «Ҡот осоп ҡысҡырған тауыштарҙы ишетәбеҙ, – ти Раббы. – Дәһшәт тауышы, именлек түгел. Һорашығыҙ, үҙегеҙ ҡарағыҙ: Ир кеше бала таба аламы? Улайһа ниңә бала тапҡан ҡатындай Һәр береһе биленә йәбешкән? Ниңә йөҙҙәре шулай ағарынған? Аһ, ҡайһылай ҡурҡыныс көн! Быға тиклем ундайҙың булғаны юҡ ине – Был – Яҡуп нәҫеле өсөн һәләкәт осоро. Әммә был көндән халҡым ҡотолор». – Ул көндө, – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – муйыныңдағы ҡалыбыңды һындырам, бауҙарыңды өҙәм. Бынан ары Яҡуп нәҫеле яттарға ҡол булмаҫ. Үҙҙәренең Аллалары Раббыға һәм Мин тәхеткә ултыртасаҡ батшалары Дауытҡа хеҙмәт итерҙәр. «Ҡурҡма, ҡолом Яҡуп, Исраил, һин хәүефләнмә, – тип белдерә Раббы. – Мин һине йыраҡ ерҙәрҙән, Нәҫелеңде әсирҙә булған илдән ҡотҡарам. Кире ҡайтыр Яҡуп, именлектә рәхәт йәшәр, Инде уны бер кем дә ҡурҡытмаҫ. Сөнки Мин һинең менән бергә булырмын, Мин һине ҡотҡарырмын, – тип белдерә Раббы. – Һине ҡәүемдәр араһына таратҡан инем, Инде уларҙың барыһын ҡырып ташлайым. Әммә һине юҡ итмәм. Язаһыҙ ҡалдырмам һине, Әммә ғәҙел яза бирермен». Раббы былай ти: «Яраларыңды дауалап булмай, Йәрәхәттәрең ҡот осҡос. Дәғүәңде берәү ҙә хәстәрләмәй; Йәрәхәтеңә дауа юҡ, Яраларың төҙәлерлек түгел. Уйнаштарың барыһы ла һине онотто, Хәҙер һине эҙләмәйҙәр. Мин һине дошман һымаҡ туҡманым, Аяуһыҙ язаға дусар иттем, Сөнки ауыр енәйәтең, Гонаһтарың самаһыҙ күп. Ниңә йән әсеһе менән ҡысҡыраһың? Йәрәхәттәреңә дауа булмаҫ! Енәйәтең ауыр, Гонаһтарың күп булғанға күрә Һине шул хәлгә төшөрҙөм. Ләкин һине ашаусылар үҙҙәре ем булыр. Бөтә дошмандарың әсирлеккә китер. Һине талағандар үҙҙәре таланыр, Һине яумал иткәндәр үҙҙәре яумал булыр. Һине ташландыҡҡа һананылар, „Сионды ҡайғыртыусы юҡ!“ – тигәйнеләр. Ә мин һине тағы дауалармын, Яраларыңды имләрмен», – тип белдерә Раббы. Раббы былай ти: «Мин Яҡуптың сатырҙарын ҡабаттан ҡорормон, Уларҙың торлаҡтарына рәхим-шәфҡәт ҡылырмын; Емереклектәр өҫтөндә ҡала ҡабаттан ҡалҡыр, Һарай ҙа үҙ урынына һалыныр. Улар араһында рәхмәт йырҙары яңғырар, Шатлыҡ ауаздары ишетелер. Мин халҡымды ишәйтермен, кәмемәҫтәр, Уларҙы абруйлы, данлы итермен, Һис кем уларҙы кәмһетмәҫ. Балалары әүәлгесә ғүмер итер, Йәмғиәттәре алдымда ныҡ торор, Уларҙы йәберләүселәрҙе Мин язалармын. Юлбашсылары – үҙҙәренән булыр, Хакимдары үҙ араларынан сығыр. Уны Үҙемә яҡынайтырмын, Ул да Миңә яҡынлашыр. Юҡһа, саҡырылмаған килеш кем Миңә яҡынларға баҙнат итер? – тип белдерә Раббы. – Һеҙ Минең халҡым булырһығыҙ, Ә Мин һеҙҙең Аллағыҙ булырмын». Бына Раббының ажарлы ғәрәсәте күтәрелде! Ул, ҡойондай ҡалҡып, Яуыздарҙың башына төшәсәк. Күңелендәге ниәтен ғәмәлгә ашырмайынса, Уны ахырына тиклем еткермәйенсә, Раббының ярһыулы асыуы ҡайтмаҫ. Киләсәк көндәрҙә һеҙ быны аңларһығыҙ. – Шул ваҡытта, – тип белдерә Раббы, – Мин Исраилдың бөтә ырыуҙарының Аллаһы булырмын, ә улар Минең халҡым булыр. Раббы былай ти: «Ҡылыстан иҫән ҡалған Исраил халҡы Сүлдә мәрхәмәтемде ҡаҙанды. Мин Исраилды рәхәткә сығарырмын». Раббы миңә алыҫтан күренеп былай тине: «Мин һине яратам, Исраил, Минең һөйөүем мәңгелек, Шуға күрә һиңә тоғро булып ҡалам. Һине ҡабаттан төҙөрмөн, Һин яңынан төҙөлөрһөң, ғиффәтле ҡыҙ Исраил! Йәнә дөңгөрөңдө ҡулыңа алырһың, Ҡыуанып бейеүселәргә ҡушылырһың. Самария тауҙарында тағы Йөҙөм баҡсалары ултыртырһың. Уларҙы үҫтергән баҡсасылар Емешен дә үҙҙәре ашап кинәнер. Шундай көн килер: Әфраим таулығында һаҡсылар: „Тороғоҙ, әйҙә, Сионға менәйек, Үҙебеҙҙең Аллабыҙ Раббыға барайыҡ!“ – тип ҡысҡырыр». Раббы былай ти: «Яҡуп өсөн ҡыуанып йырлағыҙ! Ҡәүемдәрҙең башлығын данлағыҙ, Уға маҡтау яуҙырығыҙ! „Йә Раббы, ҡотҡар Үҙ халҡыңды – Исраилдың иҫән ҡалғандарын!“ – тип әйтегеҙ. Бына, Мин уларҙы төньяҡтағы илдән килтерермен; Ерҙең иң алыҫ сиктәренән йыйып алырмын. Араларында һуҡыры, аҡһағы, Йөклөһө лә, тулғаҡ тотҡаны ла булыр – Барыһы оло бер йыйын булып ҡайтыр. Улар илай-илай атлар, Мин йыуата-йыуата әйҙәрмен. Ағын һыу буйынан йөрөтөрмөн, Тура юлдан етәкләрмен, һөрөнмәҫтәр; Сөнки Мин Исраилға атаймын, Әфраим – Минең баш балам». Эй ҡәүемдәр, Раббы һүҙен ишетегеҙ, Алыҫтағы яр буйҙарына иғлан итегеҙ, Әйтегеҙ: «Исраилды кем таратҡан булһа, Шул Үҙе ҡабаттан йыйып алыр; Малын ҡурсалаған көтөүсе һымаҡ һаҡлар». Сөнки Раббы Яҡупты йолоп алды, Унан көслөрәк булғандың ҡулынан ҡотҡарҙы. «Улар Сион тауында шатланып йырлар, Раббының йомартлығына – Ашлыҡ, шарап, зәйтүн майы муллығына, Малдарының күплегенә Ҡыуаныстан йөҙҙәре балҡып торор: Тормоштары һыуға туйынған баҡсалай булыр, Улар башҡа һис ҡасан да ҡайғы күрмәҫ. Еткән ҡыҙҙар бейеп күңел асыр, Егеттәр һәм ҡарттар уйнап-көлөр. Мин уларҙың хәсрәтен ҡыуанысҡа әйләндерермен, Йыуатып, ҡайғы урынына шатлыҡ бирермен. Ҡаһиндарҙы затлы ризыҡ менән туйҙырырмын, Халҡым йомартлығыма ҡәнәғәт булыр», – тип белдерә Раббы. Раббы былай ти: «Рама ҡалаһында тауыш – Иңрәү, аяныслы һыҡтау ишетелә! Балалары өсөн Рәхилә илай был, Һис кемдең йыуатҡанын теләмәй, Сөнки балалары юҡтар инде». Раббы былай ти: «Тыйыл һыҡтауыңдан, Күҙеңдәге йәштәреңде ҡорот; Тырышлығыңа күрә әжере булыр, – тип белдерә Раббы. – Балаларың дошман еренән ҡайтып килә. Киләсәгеңдә өмөт бар, – тип белдерә Раббы. – Балаларың үҙ иленә ҡайтыр. Әфраимдың хәсрәтләнгәнен ишетәм: „Еккегә өйрәтелмәгән башмаҡ һымаҡ инем, Һин миңә һабаҡ бирҙең – мин аҡылға ултырҙым. Ҡайтарһаңсы – мин ҡайтайым, Һин – Раббы, минең Алламһың. Юлымдан тайпылғайным, тәүбәгә килдем, Эйе, аңлағас, ҡайғыға ҡалдым. Йәш сағымда ҡылғаным арҡаһында Оятҡа баттым, хур булдым“. Әфраим ҡәҙерле улым түгелме ни? Ғәзиз балам түгелме ни ул? Уны бик йыш әрләһәм дә, Бер ҡасан да онотмайым, Шуға уның өсөн йөрәк һыҙлай. Мин уға рәхим-шәфҡәтемде күрһәтмәй буламмы?» – тип белдерә Раббы. Үҙең өсөн юлға билдәләр ҡуй, Йүнәлеш күрһәтеүсе бағаналар ултырт. Барған юлыңды иҫеңдә ҡалдыр, Кире ҡайт, ғиффәтле ҡыҙ Исраил, Үҙеңдең ҡалаларыңа ҡайт. Эй юлдан яҙған ҡыҙ, Ҡасанғаса ҡаңғырып йөрөрһөң? Раббы донъяла яңы бер нәмә бар ҡылды: Ҡатын ирҙе эҙләйәсәк. Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: – Мин уларға элекке мул, имен тормоштарын кире ҡайтарғас, Йәһүҙә ерендә һәм уның ҡалаларында йәнә ошолай тип һөйләрҙәр: «Раббы һиңә фатихаһын бирһен, Эй ғәҙеллек төйәге, изге тау!» Был ерҙә Йәһүҙә менән уның ҡалалары йәшәр, Игенселәр һәм малдары менән гиҙгән көтөүселәр көн итер. Мин арығандарға һыу бирермен, Талсыҡҡандарҙы ашатырмын. Шул саҡ мин уянып киттем дә тирә-яғыма ҡараным, төшөм шундай татлы ине. – Бына шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – Мин Исраил менән Йәһүҙәне кешеләр һәм мал-тыуар менән тултырырмын. Элек Мин был халыҡты тамырынан йолҡоп алыр, емереп ташлар, юҡҡа сығарыр, һәләк итер һәм бәләгә төшөрөр өсөн күҙәткән булһам, инде төҙөгәндә һәм тамырландырғанда ла уларҙан күҙемде алмам, – тип белдерә Раббы. – Ул көндәрҙә: «Аталары бешмәгән йөҙөм ашаны, Балаларының теше ҡамашты», – тип әйтмәҫтәр. Һәр кем үҙе ҡылған гонаһ өсөн үҙе үлем язаһы алыр – кем бешмәгән йөҙөм ашаған, шуның теше ҡамашыр. – Бына, шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – Исраил һәм Йәһүҙә халҡы менән яңы килешеү төҙөрмөн. Был килешеү Мин уларҙың ата-бабаларын Мысырҙан етәкләп алып сыҡҡан саҡта төҙөгән килешеү кеүек булмаҫ. Мин уларҙың ире һымаҡ булһам да, ул килешеүемде боҙҙолар, – тип белдерә Раббы. – Мин ул көндәрҙән һуң Исраил халҡы менән төҙөйәсәк килешеү былай булыр, – тип белдерә Раббы, – ҡанунымды уларҙың зиһендәренә һалырмын, йөрәктәренә яҙып ҡуйырмын. Мин – уларҙың Аллаһы, улар Минең халҡым булыр. Унан һуң бер кем дә үҙенең яҡынын һәм туғанын: «Раббыны танып бел!» – тип өйрәтмәҫ. Барыһы ла, олоһонан алып кесеһенә тиклем, Мине үҙҙәре танып белер, – ти Раббы, – сөнки енәйәттәрен ғәфү итермен, гонаһтарын башҡаса иҫемә төшөрмәм. Көндө балҡытырға ҡояш биргән, Төндө нурлаһындар өсөн Ай менән йондоҙҙарға ҡағиҙә ҡуйған, Тулҡындарҙы үкертеп, диңгеҙҙе дауыллатҡан Раббы – Исеме Күк ғәскәрҙәре Раббыһы булған былай ти: «Әгәр тәбиғәттәге был тәртип боҙолһа, – тип белдерә Раббы, – Бары шунда ғына Исраил тоҡомо мәңгелеккә Минең ҡәүемем булыуҙан туҡтар». Раббы былай ти: «Юғарыла күкте үлсәп булһа, Аҫта ерҙең нигеҙҙәре өйрәнеп бөтөлһә, Шул саҡта ғына бөтә ҡылғандары өсөн Мин Исраил тоҡомонан ваз кисермен», – тип белдерә Раббы. – Бына, шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – Йәрүсәлим ҡалаһы Хананил манараһынан башлап Мөйөш ҡапҡаһына тиклем Минең өсөн яңынан төҙөлөр. Үлсәү һыҙығы артабан Гарев ҡалҡыулығынан үтеп Гоғаға табан боролор. Үләкһәләр һәм көл ташлана торған үҙән, Ҡидрон ағымынан алып көнсығыштан Ат ҡапҡаһының мөйөшөнә тиклем йәйрәп ятҡан ҡырҙар – барыһы ла Раббы өсөн изге урын булыр. Ҡала башҡа бер ваҡытта ла емерелмәҫ, тар-мар ителмәҫ. Йәһүҙә батшаһы Сидкияһ хакимлығының унынсы, Навуходоносорҙың ун һигеҙенсе йылында Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды. Ул осорҙа Бабил батшаһының ғәскәре Йәрүсәлимде ҡамауҙа тота, ә Йермеяһ пәйғәмбәр Йәһүҙә батшаһы һарайындағы һаҡсылар ихатаһында тотҡонлоҡта ята ине. Йәһүҙә батшаһы Сидкияһ, уны ошонда яптырып, былай тигәйне: – Ни өсөн һин улай пәйғәмбәрлек итәһең? Һин әйтәһең: «Раббы былай ти: „Бына, Мин был ҡаланы Бабил батшаһы ҡулына тапшырам, ул уны баҫып алыр. Йәһүҙә батшаһы Сидкияһ халдейҙарҙан ҡотола алмаҫ, Бабил батшаһының ҡулына мотлаҡ эләгер: уның менән ҡапма-ҡаршы тороп һөйләшер, күҙмә-күҙ осрашыр. Сидкияһ Бабилға оҙатылыр һәм Мин уны хәстәрләгәнгә тиклем шунда ҡалыр, – тип белдерә Раббы. – Һеҙ халдейҙар менән һуғышырһығыҙ, әммә еңә алмаҫһығыҙ“». Йермеяһ былай тип яуап ҡайтарҙы: – Миңә Раббының шундай һүҙе булды: «Ана, атаңдың туғаны Шаллумдың улы Ханамил килә. Ул: „Минән Ғанаҫоҫтағы баҫыуымды һатып ал. Иң яҡын ҡәрҙәшем булараҡ, ул баҫыуҙы һатып алыу хоҡуғы һиндә“, – тип әйтер». Шунан, Раббы әйткәнсә, атайымдың туғанының улы Ханамил һаҡсылар ихатаһына килде. «Бинйәмин биләмәһендә урынлашҡан Ғанаҫоҫтағы баҫыуымды һатып ал, – тине, – сөнки биләмә хаҡы ла, иң яҡын туғанлыҡ хаҡы ла һиндә. Һатып ал уны үҙеңә». Шунда мин үҙемә ысынлап та Раббы өндәшкәнен аңланым. Туғаным Ханамилдан Ғанаҫоҫтағы баҫыуҙы һатып алып, уға ун ете көмөш түләнем. Был хаҡта һатып алыу ҡағыҙы яҙып мөһөр баҫтым һәм, шаһиттар саҡырып, көмөштө үлсәп бирҙем. Һатыу-алыу шарттары һәм ҡағиҙәләре яҙылған ҡағыҙҙарҙы – мөһөр баҫылғанын да, асығын да – алдым. Туғаным Ханамилдың, был алыш-биреш ҡағыҙына имзаларын ҡуйған шаһиттарҙың һәм һаҡсылар ихатаһында ултырған бөтә Йәһүҙә кешеләренең күҙ алдында уны Махсеяһтан тыуған Нерияһ улы Барухҡа бирҙем. Бөтәһенең күҙ алдында Барухҡа былай тип бойорҙом: «Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: „Был алыш-биреш ҡағыҙҙарының мөһөр баҫылғанын да, асығын да ал. Уны, оҙаҡ һаҡланһын өсөн, берәй балсыҡ һауытҡа һалып ҡуй. Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: Был ерҙә кешеләр йәнә өйҙәр, баҫыуҙар, йөҙөм баҡсалары һатып ала башлаясаҡ“». Алыш-биреш ҡағыҙын Нерияһ улы Барухҡа биргәндән һуң Раббыға доға ҡылдым: «Эй Раббы Хаким! Һин, ҡулыңды һуҙып, бөйөк ҡөҙрәтең менән күк үә ерҙе яраттың. Һинең өсөн мөмкин булмаған бер генә нәмә лә юҡ. Меңдәрсә кешеләргә мөхәббәтеңде күндерәһең, әммә аталарының гонаһтары өсөн аҙаҡтан балаларынан түләтәһең. Эй бөйөк һәм ҡеүәтле Алла! Күк ғәскәрҙәре Раббыһылыр Һинең исем-атың! Кәңәштәрең ниндәй бөйөк, ғәмәлдәрең ни ҡәҙәр ҡөҙрәтле! Күҙҙәрең әҙәм балаларының барлыҡ эштәрен күҙәтеп тора. Һәр кемгә ҡыуған юлы һәм ҡылған ғәмәлдәренә күрә әжерен бирәһең. Һин Мысыр ерендә хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрһәттең, уларҙы Һин әлегә тиклем Исраилда һәм бөтә кешеләр араһында эшләйһең. Һин исемеңде данлы иттең, һәм ул бөгөнгә тиклем мәшһүр! Халҡың Исраилды хикмәттәр һәм мөғжизәләр менән, ҡөҙрәтең, һуҙылған ҡулың менән, бөйөк дәһшәт сәсеп, Мысыр еренән сығарҙың. Ата-бабаларына бирәсәкмен тип ант иткән был тупраҡты, һөт менән бал ағып ятҡан ерҙе, уларға бирҙең. Килеп, ул ергә хужа булдылар, әммә Һинең әйткәндәреңә ҡолаҡ һалманылар, ҡануныңды үтәмәнеләр, улар ҡушҡандарыңдың береһен дә эшләмәнеләр, шуның өсөн Һин уларға ошо бәләләрҙе ебәрҙең. Ана, Йәрүсәлимде яулап алыр өсөн халдейҙар уның диуарҙары янына уратып уба өйҙөләр. Инде ҡала алынасаҡ, ҡылыс, аслыҡ һәм ҡырғынға дусар булып, дошмандар ҡулына төшәсәк. Әйткәндәрең тормошҡа ашты, Һин быны Үҙең дә күреп тораһың. Ә Һин, Раббы Хаким, ҡала халдейҙар ҡулына ҡалған мәлдә миңә: „Шаһиттар алдында көмөш түләп, үҙеңә баҫыу һатып ал“, – тип әйтәһең». Шул саҡ Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды: – Мин, Раббы, – бөтә йән эйәләренең Аллаһымын! Ҡөҙрәтемдән килмәгән берәй нәмә бармы Минең? Шуға күрә Раббы былай ти: «Ҡара, был ҡаланы халдейҙар – Бабил батшаһы Навуходоносор ҡулына бирәм, һәм ул ҡаланы баҫып алыр. Ҡаланы ҡамауҙа тотҡан халдейҙар, инеп, уға ут төртөрҙәр, йорттарын яндырырҙар. Шул йорттарҙың түбәләрендә Йәрүсәлим халҡы, Мине асыуландырып, Бәғел хөрмәтенә хуш еҫ төтәтеп, сит илаһтарға бағышлап, шарап ҡорбандары түгә ине бит! Исраил һәм Йәһүҙә халҡы йәш ваҡыттарынан алып Минең күҙ алдымда бары тик ҡәбәхәтлектәр ҡылды. Исраил халҡы үҙ ҡулдары менән эшләгән боттар менән Минең асыуыма тейҙе, – тип белдерә Раббы. – Был ҡала төҙөлгән көнөнән алып ошоғаса Мине шул ҡәҙәрле ярһытты һәм ажарландырҙы, шуға күрә уны күҙ алдымдан алып бырғайым. Исраил һәм Йәһүҙә халҡының – үҙҙәренең, батшаларының, түрәләренең, ҡаһиндарының, пәйғәмбәрҙәренең – Йәһүҙәлә һәм Йәрүсәлимдә йәшәгәндәрҙең, Мине асыуландырыу өсөн ҡылған золомдарының иҫәбе-һаны юҡ. Улар Миңә йөҙҙәре менән түгел, һырттары менән боролдо. Мин уларға ҡабат-ҡабат өйрәтһәм дә, нәсихәттәремде тыңларға теләмәнеләр, һабаҡ алманылар. Минең исемемә бағышланған был ҡорамға ерәнгес боттарын ҡуйып, уны нәжесләнеләр. Улар Бен-Һинном үҙәнендә Бәғелгә табыныу ҡалҡыулыҡтары төҙөнөләр, шунда Мөләх илаһына улдарын һәм ҡыҙҙарын ҡорбан иттеләр. Мин уларға бындай бойороҡ бирмәгәйнем, ундай әшәкелектәрҙе эшләрҙәр тип башыма ла килтермәгәйнем! Шуның менән улар Йәһүҙәне гонаһҡа батырҙылар». Әле килеп һеҙ: «Ҡылыс, аслыҡ һәм ҡырғынға дусар ителеп, Бабил батшаһының ҡулына тапшырылды», – тип әйткән был ҡала тураһында иһә Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Мин уларҙы асыулы, ярһыулы сағымда ҡаты нәфрәттә ҡыуып ебәргән барса илдәрҙән йыйып алырмын һәм, бында алып ҡайтып, имен-аманлыҡта йәшәтермен. Улар Минең халҡым булыр, ә Мин уларҙың Аллаһы булырмын. Үҙҙәренең һәм балаларының именлеге хаҡына Минән ҡурҡып йәшәһендәр, Мине мәңге хөрмәт итһендәр өсөн уларға бер йөрәк, бер юл бирермен. Мин улар менән мәңгелек килешеү төҙөрмөн, уларға игелек ҡылыуҙан туҡтамам, Минән айырылмаһындар өсөн, күңелдәренә Минән ҡурҡыу һәм хөрмәт һалырмын. Уларға яҡшылыҡ ҡылыуҙан Мин ҡыуаныс табырмын, бөтөн йөрәгем, бар булмышым менән уларҙы был ерҙә төпләндерермен». Раббы былай ти: – Был халыҡтың башына әлеге бөйөк һәләкәтте нисек килтергән булһам, уларға вәғәҙә иткән барлыҡ яҡшылыҡтарҙы ла шулай уҡ бирермен. Һеҙ: «Унда бушлыҡ, кешеләр ҙә, йәнлектәр ҙә ҡалманы, ул халдейҙар ҡулына бирелгән», – тип әйткән ерҙәге баҫыуҙар йәнә һатып алыныр. Бинйәмин ерҙәрендә, Йәрүсәлимдең тирә-яғында, Йәһүҙә ҡалаларында, таулыҡтағы, Шефелалағы һәм Негевтағы ҡалаларҙа, көмөш түләп, баҫыуҙар һатып алырҙар, алыш-биреш ҡағыҙҙары яҙырҙар һәм, шаһиттар саҡырып, мөһөр баҫырҙар, сөнки халҡыма элекке мул, имен тормошон ҡайтарасаҡмын, – тип белдерә Раббы. Һаҡсылар ихатаһында тотҡонда ултырған саҡта Йермеяһҡа икенсе тапҡыр Раббы һүҙе булды. – Ерҙе бар ҡылған, уға рәүеш биргән, нығытҡан, исеме Раббы булған Зат былай ти: «Мине саҡыр, һиңә яуап ҡайтарырмын. Һин белмәгән бөйөк серҙәрҙе һиңә әйтермен». Дошмандың ҡаланы уратып ҡорған убаларына һәм ҡылысына ҡаршы торор өсөн халыҡ, өйҙәрен һәм Йәһүҙә батшаларының һарайҙарын емереп, ҡала диуарҙарын нығытҡайны. Ул турала Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Унда йәшәүселәр халдейҙар менән һуғышырға йыйына. Әммә был йорттар мәйеттәр менән тулыр. Мин ҡала халҡын асыуланып һәм ажарланып һәләк итәсәкмен. Уларҙың бөтә яуызлыҡтары арҡаһында Мин был ҡаланан йөҙөмдө йәшерҙем. Шуға ҡарамаҫтан, Мин был ҡаланы имләрмен һәм шифалармын, халҡын һауыҡтырып, тыныс һәм имен тормош бирермен. Йәһүҙә менән Исраилға әүәлге мул, имен тормошон кире ҡайтарырмын, уларҙы элекке кеүек нығытырмын. Уларҙы Миңә ҡаршы ҡылған барлыҡ гонаһтарынан таҙартырмын, бөтә енәйәттәрен, Миңә ҡаршы ойошторған фетнәләрен ғәфү итермен. Ер йөҙөндәге бөтә ҡәүемдәр алдында был ҡала Минең өсөн шатлыҡ, маҡтау һәм шөһрәт инешенә әйләнер. Йәрүсәлим халҡына эшләгән бөтә яҡшылыҡтарымды һәм уларға биргән именлекте күреп, был ҡәүемдәр ҡурҡыуға ҡалып тетрәнер». Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: – Буш, кешеһеҙ һәм януарһыҙ ҡалған был ерҙә, ундағы бөтә ҡалалар янында ҡабаттан көтөүлектәр булыр, унда көтөүселәр малдарын утлатыр. Таулыҡтағы, Шефелалағы һәм Негевтағы ҡалаларҙа, Бинйәмин ерендә, Йәрүсәлимдең тирә-яғында, Йәһүҙә ҡалаларында көтөүселәр йәнә һарыҡтарын һанар, – ти Раббы. – Исраил һәм Йәһүҙә нәҫеле тураһында әйткән игелекле вәғәҙәмде тормошҡа ашырыр көндәр килә, – тип белдерә Раббы. – Ул көндәрҙә, шул заманда Дауыт нәҫеленән бер тоғро Үҫенте сығарырмын. Ул илдә ғәҙел хөкөм һәм дөрөҫлөк урынлаштырыр. Ул көндәрҙә Йәһүҙә ҡотҡарылыр, Йәрүсәлим имен-аман йәшәр һәм уны: «Раббы – беҙҙең тоғро Ҡотҡарыусыбыҙ!» – тип атарҙар. Раббы былай ти: – Исраил тәхетендә Дауыттың нәҫеле мәңге ултырыр. Леви нәҫеленән булған ҡаһиндар хозурымда даими рәүештә тотош яндырыу ҡорбаны тәҡдим итер, икмәк саҙаҡаһы яндырыр, ҡорбан салыр. Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды: – Раббы былай ти: «Әгәр ҙә кем дә булһа көн менән төн башҡаса үҙҙәренә тейешле ваҡытта килмәһен өсөн улар менән төҙөгән килешеүемде боҙа алһа, бары шул саҡта ғына ҡолом Дауыт менән дә килешеүем боҙолор һәм уның тәхетенә ултырып батшалыҡ иткән улы булмаҫ ине. Шулай уҡ Миңә хеҙмәт иткән Леви тоҡомонан булған ҡаһиндар менән килешеү ҙә боҙолор ине. Ҡолом Дауыттың тоҡомон һәм Миңә хеҙмәт иткән левиҙәрҙе һанап бөтмәҫлек күк есемдәре һәм үлсәп булмаҫлыҡ диңгеҙ ҡомо һымаҡ ишәйтермен». Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды. – Был кешеләрҙең: «Раббы элек Үҙе һайлап алған ике ырыуҙы – Исраил менән Йәһүҙәне – кире ҡаҡты», – тип һөйләгәнен ишетмәйһеңме ни? Шунлыҡтан улар халҡымды кәмһетәләр, уны халыҡҡа ла һанамайҙар. Раббы былай ти: «Мин көн һәм төн менән килешеүҙе, күк менән ер өсөн урынлаштырған ҡанун-ҡағиҙәләрҙе үҙгәртмәгән һымаҡ, Яҡуп тоҡомо менән ҡолом Дауыт тоҡомон кире ҡаҡмам. Дауыт тоҡомонан Ибраһим, Исхаҡ, Яҡуп тоҡомдарына батшалар ҡуйырмын, халҡыма әүәлге мул, имен тормошон ҡайтарырмын, рәхим-шәфҡәтемде күрһәтермен». Бабил батшаһы Навуходоносор үҙенең бөтә ғәскәре, хакимлығы аҫтындағы бөтә батшалыҡтар һәм халыҡтар Йәрүсәлимгә һәм уның тирәһендәге ҡалаларға ҡаршы һуғышҡан саҡта, Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды. – Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Бар, Йәһүҙә батшаһы Сидкияһҡа әйт, Раббы былай ти: „Был ҡаланы Бабил батшаһы ҡулына бирәм, ул ҡалаға ут төртөр. Һин дә, Сидкияһ, унан ҡасып ҡотола алмаҫһың, мотлаҡ тотолорһоң һәм уның ҡулына эләгерһең. Бабил батшаһы менән күҙмә-күҙ осрашырһың, ул һинең менән йөҙгә-йөҙ һөйләшер. Шунан һине Бабилға алып китерҙәр. Шулай ҙа, эй Йәһүҙә батшаһы Сидкияһ, Раббы һүҙен ишет! Раббы һинең турала былай ти: һин ҡылыстан үлмәйәсәкһең, донъянан тыныс ҡына китерһең. Ата-бабаларың, һинән алда булған батшаларҙы дәфен ҡылғанда нисек хуш еҫ төтәтһәләр, һинең хөрмәтеңә лә шулай төтәтерҙәр, ‘Эй хакимыбыҙ!’ – тип һыҡтарҙар. Мин әйтәм быны“», – тип белдерә Раббы. Йермеяһ пәйғәмбәр бөтә был һүҙҙәрҙе Йәрүсәлимдә Йәһүҙә батшаһы Сидкияһҡа һөйләп бирҙе. Был ваҡытта Бабил батшаһының ғәскәре Йәрүсәлимгә һәм Йәһүҙәнең бирелмәй ҡалған ҡалалары Лахиш менән Ғазыҡаға ҡаршы һуғыша ине. Йәһүҙәнең нығытмалы ҡалаларынан бары улар ғына тороп ҡалғайны. Сидкияһ батша Йәрүсәлимдәге бөтә халыҡ менән ҡолдарҙы иреккә сығарыу тураһында килешеү төҙөгәндән һуң, Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды. Был килешеү буйынса һәр кем ғивриҙәрҙән булған ир һәм ҡатын ҡолдарын азат итергә, йәһүҙи ҡәрҙәшен ҡол итеп тотмаҫҡа тейеш ине. Был килешеүҙе төҙөшкән бөтә түрәләр һәм халыҡ ир һәм ҡатын ҡолдарҙы азат итергә, бынан һуң уларҙы ҡоллоҡта тотмаҫҡа риза булды һәм иреккә ебәрҙе. Әммә һуңынан, кире уйлап, азат иткән ир һәм ҡатын ҡолдарын ҡабат ҡайтарҙылар һәм ҡолға әйләндерҙеләр. Шунда Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды: – Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Мин ата-бабаларығыҙҙы Мысырҙан, ҡоллоҡ йортонан, сығарған саҡта улар менән килешеү төҙөп әйттем: „Үҙен һиңә һатып, алты йыл хеҙмәт иткән ғиври ҡәрҙәшеңде һәр етенсе йыл азат ит; һиңә алты йыл эшләгәс, уны иреккә ебәр“, – тинем. Әммә ата-бабаларығыҙ Мине тыңламаны, ҡолаҡ һалманы. Әле тәүбәгә килдегеҙ һәм Минең күҙемдә дөрөҫ булғанды эшләнегеҙ: һәр берегеҙ ҡәрҙәшегеҙгә азатлыҡ иғлан иттегеҙ һәм хозурымда, Минең исемемә бағышланған йортта килешеү төҙөнөгөҙ. Ләкин һуңынан кире уйланығыҙ һәм Минең исемемде хурлыҡҡа ҡалдырҙығыҙ. Күңелдәре ҡайҙа теләй, шунда ебәреп азат иткән ир һәм ҡатын ҡолдарығыҙҙы кире алып, үҙегеҙгә ҡабаттан ҡол булырға мәжбүр иттегеҙ. Шуға күрә Раббы былай ти: „Һеҙ Мине тыңламанығыҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә һәм яҡындарығыҙға ирек бирмәнегеҙ. Инде хәҙер Мин һеҙгә ирек бирәм, – ти Раббы, – ҡылыстан, үләттән һәм аслыҡтан һәләк булыу ирке бирәм. Һеҙҙе донъялағы бөтә батшалыҡтарға ҡурҡыу һалып тороусы өлгө итәсәкмен. Килешеүҙе боҙған, башмаҡты икегә бүлеп һәм киҫәктәре араһынан үтеп, Минең хозурымда антлашҡан, әммә килешеү шарттарын тотмаған был әҙәмдәрҙе Мин уртаға ҡырҡылған башмаҡ хәленә төшөрәм. Йәһүҙә һәм Йәрүсәлим түрәләрен, һарай әһелдәрен, ҡаһиндарҙы, уртаға ҡырҡылған башмаҡ араһынан үткән бөтә ил халҡын – барыһын да язалайым, уларҙың йәндәрен көҫәгән дошмандары ҡулына бирәм. Мәйеттәре һауалағы ҡоштарға һәм ерҙәге йәнлектәргә емтек булыр. Йәһүҙә батшаһы Сидкияһ менән уның түрәләрен йәндәрен көҫәгән дошмандары ҡулына, сигенгән Бабил батшаһы ғәскәренә тапшырам. Бына, Мин, бойороҡ биреп, уларҙы был ҡалаға кире килтерәм, – тип белдерә Раббы. – Улар ҡалаға һөжүм итер, баҫып алыр, ут төртөр. Йәһүҙә ҡалаларын бер кем дә йәшәмәгән бушлыҡҡа әйләндерәм“». Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим Йошияһ улы хакимлыҡ иткән көндәрҙә Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды: – Рехав нәҫелдәренә бар ҙа улар менән һөйләш. Уларҙы Раббы йортондағы бүлмәләрҙең береһенә алып кил дә шарап ҡойоп бир. Мин барып, Хаваззинъяһтан тыуған Йермеяһ улы Яазанъяһты, уның бөтә ағай-энеһен, бөтә улдарын – Рехав нәҫеленең барыһын да эйәртеп, Алла бәндәһе Игдалъяһ улы Ханандың улдарының Раббы йортондағы бүлмәһенә алып килдем. Был бүлмә түрәләр бүлмәһе янында, тупһа һаҡсыһы Мағасеяһ Шаллум улы бүлмәһенең өҫтөндә урынлашҡайны. Рехав нәҫеленең алдына шарап тулы көрәгә һәм туҫтаҡтар ҡуйҙым да: – Шарап эсегеҙ, – тинем. Улар: – Беҙ шарап эсмәйбеҙ, – тип яуап ҡайтарҙылар. – Сөнки атайыбыҙ Йонадав Рехав улы беҙгә: «Бер ваҡытта ла үҙегеҙ ҙә шарап эсмәгеҙ, балаларығыҙ ҙа эсмәһен, – тип бойороҡ бирҙе. – Йорттар төҙөмәгеҙ, иген икмәгеҙ, йөҙөм баҡсалары үҫтермәгеҙ, уларҙың береһе лә булмаһын! Ғүмерегеҙ буйы сатырҙарҙа йәшәгеҙ, шул ваҡытта әле һеҙ күсмә тормош менән йәшәгән ерҙәрҙә оҙаҡ ваҡыттар көн итерһегеҙ». Атабыҙ Йонадав Рехав улының бойороҡ биреп әйткәндәрен һәр йәһәттән тыңлайбыҙ. Үҙебеҙ ҙә, ҡатындарыбыҙ ҙа, улдарыбыҙ ҙа, ҡыҙҙарыбыҙ ҙа бер ваҡытта ла шарап эсмәйбеҙ. Йәшәр өсөн йорттар төҙөмәйбеҙ. Йөҙөм баҡсаларыбыҙ, баҫыуҙарыбыҙ, сәсеүлектәребеҙ юҡ. Сатырҙарҙа ғүмер итәбеҙ һәм, атайыбыҙ Йонадав нимә бойорһа, барыһын да эшләйбеҙ. Ә был ергә Бабил батшаһы Навуходоносор килгәс: «Әйҙәгеҙ, халдейҙар һәм арамиҙар ғәскәренән Йәрүсәлимгә ҡасайыҡ», – тинек. Шуға күрә Йәрүсәлимдә йәшәйбеҙ. Бынан һуң Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды: – Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Бар, Йәһүҙә халҡына һәм Йәрүсәлимдә йәшәгәндәргә ошоларҙы һөйлә: „Минең һүҙҙәремде тыңлап, һис бер һабаҡ алмаҫһығыҙмы? – тип белдерә Раббы. – Рехав улы Йонадав үҙенең нәҫеленә шарап эсмәҫкә бойорҙо, бойороғо үтәлә. Улар ошо көнгә тиклем эсмәй, сөнки аталарының ҡушҡанын тота. Ә Мин һеҙгә ҡабат-ҡабат әйткән булһам да, һеҙ Мине тыңламанығыҙ. Ҡайта-ҡайта һеҙгә ҡолдарым пәйғәмбәрҙәрҙе ебәрҙем. ‘Яман юлығыҙҙан кире ҡайтығыҙ, ғәмәлдәрегеҙҙе яҡшыртығыҙ, башҡа илаһтар артынан эйәрмәгеҙ, уларға хеҙмәт итмәгеҙ. Шул ваҡытта Мин ата-бабаларығыҙға һәм һеҙгә биргән ерҙә йәшәрһегеҙ’, – тинем. Әммә һеҙ ҡолаҡ һалманығыҙ, Мине тыңламанығыҙ. Рехав улы Йонадавтың нәҫеле аталарының бойороғон тота, ә был халыҡ Мине тыңламай. Шуға күрә Раббы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Исраил Аллаһы былай ти: Йәһүҙәгә һәм Йәрүсәлимдә йәшәгәндәргә алдан киҫәтеп әйткән бөтә бәлә-ҡазаларҙы ебәрәм. Сөнки Мин уларға әйтә килдем, ә улар ҡолаҡ һалманы; уларҙы саҡырҙым, әммә яуап бирмәнеләр“». Рехав нәҫеленә иһә Йермеяһ былай тине: – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Исраил Аллаһы әйтә: «Һеҙ атағыҙ Йонадавтың бойороғон тоттоғоҙ, уның бөтә нәсихәттәрен ғәмәлгә ашырҙығыҙ, ул ҡушҡандарҙың барыһын да үтәнегеҙ. Шуға күрә Рехав улы Йонадав нәҫеленән һәр саҡ кемдер Минең хозурымда хеҙмәт итәсәк», – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Исраил Аллаһы. Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим Йошияһ улы хакимлығының дүртенсе йылында Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды: – Төргәк китап ал да унда Йошияһ дәүерендә Мин һинең менән һөйләшә башлағандан алып бөгөнгә тиклем Исраил, Йәһүҙә һәм башҡа барлыҡ ҡәүемдәр тураһында әйткәндәремдең бөтәһен дә яҙып ҡуй. Бәлки, Йәһүҙә халҡы, Мин уларға ебәрергә йыйынған бөтә бәлә-ҡазалар тураһында ишеткәс, үҙенең боҙоҡ юлынан ҡайтыр. Шунда Мин уларҙың енәйәттәрен һәм гонаһтарын ярлыҡармын. Йермеяһ Нерияһ улы Барухты саҡырып алды. Барух Раббының Йермеяһҡа һөйләгән бөтә һүҙҙәрен, уның ауыҙынан ишетеп, төргәк китапҡа яҙҙы. Шунан Йермеяһ Барухҡа былай тине: – Миңә Раббы йортона инергә рөхсәт юҡ. Ураҙа көнөндә һин Раббы йортона бар. Ундағы халыҡҡа мин һиңә яҙҙырған Раббы һүҙҙәрен төргәк китаптан ҡысҡырып уҡы. Ул көндө Йәһүҙә ҡалаларынан килгән кешеләр ҙә Раббы йортонда була, улар ҙа уҡығаныңды ишетһен. Бәлки, улар Раббыға ялбарыр, боҙоҡ юлдарынан ҡайтыр. Раббы был халыҡҡа ҡаршы Үҙенең дәһшәтле асыу-ярһыуын белдерҙе. Нерияһ улы Барух Йермеяһ пәйғәмбәр бойорғандарҙың бөтәһен дә эшләне – Раббының төргәк китапҡа яҙылған һүҙҙәрен Раббы йортонда уҡыны. Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим Йошияһ улы хакимлығының бишенсе йылында, туғыҙынсы айҙа Йәрүсәлимдә йәшәгән бар халыҡҡа һәм Йәһүҙә ҡалаларынан Йәрүсәлимгә килгән һәр кешегә Раббыға бағышлап ураҙа иғлан ителде. Шафан кәтиптең улы Гемаръяһтың өҫкө ихатала Раббы йортоноң Яңы ҡапҡаһына ингән ерҙә урынлашҡан бүлмәһендә Барух Йермеяһтың төргәк китапҡа яҙылған һүҙҙәрен бөтә халыҡҡа ҡысҡырып уҡыны. Шафандан тыуған Гемаръяһ улы Михаяһ, Раббының төргәк китапҡа яҙылған һүҙҙәрен ишеткәс, батша һарайына, батша кәтибенең бүлмәһенә йүнәлде. Унда батша кәтибе Әлишамағ, Шемағъяһ улы Делаяһ, Ғахбор улы Әлнаҫан, Шафан улы Гемаръяһ, Хананъяһ улы Сидкияһ һәм башҡа түрәләр ултыра ине. Михаяһ уларға Барух төргәк китаптан халыҡҡа уҡыған саҡта ишеткән бөтә һүҙҙәрҙе һөйләп бирҙе. Шунан һуң бөтә түрәләр: «Халыҡҡа ҡысҡырып уҡыған төргәк китабыңды тот та кил», – тип әйтергә ҡушып, Куши улы Шәләмъяһтан тыуған Неҫанъяһ улы Йәһүҙиҙе Барухҡа ебәрҙеләр. Нерияһ улы Барух, төргәк китапты алып, улар янына килде. Уға: – Ҡана, ултыр, беҙгә лә уҡы, – тинеләр. Барух уҡыны. Бөтә был һүҙҙәрҙе ишеткәс, түрәләр, ҡурҡышып, бер-береһенә ҡарашып алдылар ҙа Барухҡа: – Беҙ быларҙы батшаға еткерергә тейешбеҙ, – тинеләр. Шунан Барухтан: – Һин был һүҙҙәрҙе нисек яҙҙың? Йермеяһ әйтеп яҙҙырҙымы? – тип һоранылар. – Эйе, – тип яуапланы Барух. – Бөтә был һүҙҙәрҙе ул әйтеп торҙо. Мин һәммәһен ҡара менән төргәк китапҡа яҙҙым. Бынан һуң түрәләр Барухҡа: – Бар, Йермеяһ менән йәшенегеҙ. Ҡайҙалығығыҙҙы һис кем белмәһен, – тинеләр. Түрәләр, төргәк китапты Әлишамағ кәтиптең бүлмәһендә ҡалдырҙылар, үҙҙәре батша ихатаһына, батшаға барып, бөтә был һүҙҙәрҙе һөйләп бирҙеләр. Батша Йәһүҙиҙе төргәк китапты алып килергә ебәрҙе. Йәһүҙи, төргәк китапты Әлишамағ кәтиптең бүлмәһенән алып килеп, батшаға һәм уның янындағы бөтә түрәләргә уҡыны. Был хәл туғыҙынсы айҙа булды. Батша ҡышҡы һарайында ултыра, алдында ҡуҙлы йылытҡыс янып тора ине. Йәһүҙи өс-дүрт бағана уҡыу менән, батша уҡылған өлөштө кәтип бысағы менән ҡырҡып ала ла утҡа ырғыта. Шулай итеп ул бөтә төргәкте яндырып бөтөрҙө. Төргәк китаптағы һүҙҙәрҙе ишеткән батша ла, уның ярандары ла ҡурҡманы, кейемдәрен йыртҡыламаны. Әлнаҫан, Делаяһ һәм Гемаръяһ төргәк китапты яҡмаҫҡа инәлһә лә, батша уларға ҡолаҡ һалманы. Батша үҙенең улы Йерахмеил менән Ғазриил улы Сераяһҡа, Ғавдеил улы Шәләмъяһҡа Барух кәтип менән Йермеяһ пәйғәмбәрҙе тотоп алырға бойороҡ бирҙе. Әммә Раббы уларҙы йәшергәйне инде. Батша Йермеяһ Барухҡа әйтеп яҙҙырған төргәк китапты яндырғандан һуң, Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды: – Икенсе төргәк ал, унда Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим яндырған тәүге китапта булған бөтә һүҙҙәрҙе яҙ. Ә Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡимға, Раббы былай тип әйтә тиң: «Төргәк китапҡа: „Бабил батшаһы мотлаҡ килер, илде юҡҡа сығарыр, ундағы кешеләрҙе лә, хайуандарҙы ла ҡырып бөтөр!“ – тип яҙғаны өсөн һин Йермеяһҡа янаның, төргәкте яндырырға баҙнат иттең. Шуның өсөн Раббы Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим тураһында былай ти: „Уның нәҫеленән Дауыт тәхетендә һис кем ултырмаясаҡ. Мәйете көндөҙгө эҫелә лә, төнгө һалҡында ла ерләнмәйенсә ятасаҡ. Мин уны, тоҡомон, хеҙмәтселәрен ҡылған гонаһтары өсөн язалайым. Мин уға ла, Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә лә, Йәһүҙә халҡына ла ебәрәм тип киҫәткән бөтә бәлә-ҡазаларҙы юллайым, сөнки һеҙ Миңә ҡолаҡ һалманығыҙ!“» Йермеяһ икенсе төргәк алды ла уны Нерияһ улы Барух кәтипкә бирҙе. Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим утҡа яҡҡан тәүге төргәк китаптағы бөтә һүҙҙәрҙе Барух Йермеяһ ауыҙынан ҡабаттан яҙҙы. Унда әле тағы ла күп кенә шуға оҡшаш һүҙҙәр өҫтәлде. Йеһояҡим улы Йеһояхин урынына Йошияһ улы Сидкияһ батша булды. Йәһүҙә тәхетенә уны Бабил батшаһы Навуходоносор ултыртты. Әммә Сидкияһ үҙе лә, ярандары ла, ил халҡы ла Раббының Йермеяһ пәйғәмбәр аша әйткән һүҙҙәренә әһәмиәт бирмәне. Сидкияһ батша Шәләмъяһ улы Йеһухал менән Мағасеяһ улы Сефанъяһ ҡаһинды Йермеяһ пәйғәмбәргә: «Беҙҙең өсөн Аллабыҙ Раббыға доға ҡылһаңсы», – тип әйтергә ебәрҙе. Ул осорҙа Йермеяһты зинданға бикләмәгәйнеләр әле. Ул халыҡ араһына иркенләп инеп-сығып йөрөй ала ине. Ул арала фирғәүен сиреүе Мысырҙан сыҡты, һәм Йәрүсәлимде ҡамауҙа тотҡан халдейҙар, был турала хәбәр алып, Йәрүсәлимдән сигенде. Шул саҡ Йермеяһ пәйғәмбәргә Раббы һүҙе булды: – Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Һеҙҙе Миңә үтенес менән ебәргән Йәһүҙә батшаһына белдерегеҙ: „Һеҙгә ярҙамға килә ятҡан фирғәүен ғәскәре үҙ иле Мысырға ҡайтып китәсәк. Халдейҙар иһә, кире килеп, был ҡалаға һөжүм итәсәк, уны баҫып аласаҡ һәм яндырып бөтөрәсәк“. Раббы былай ти: „Халдейҙар беҙҙән мотлаҡ китәсәк!“ тип үҙегеҙҙе алдамағыҙ. Улар китмәйәсәк! Хатта һеҙ халдейҙарҙың үҙегеҙ менән һуғышҡан бөтә ғәскәрен тар-мар итеп, сатырҙарында бары тик яралылары ғына ҡалһа ла, улар, сатырҙарынан сығып, ҡаланы яндырып бөтөр ине». Фирғәүен ғәскәре яҡынайғас, халдейҙар Йәрүсәлимдән сигенә башланы. Тап шул көндәрҙә Йермеяһ пәйғәмбәр Бинйәмин ерендәге туғандары араһында үҙенә тейешле ер өлөшөн алыр өсөн Йәрүсәлимдән юлға сыҡмаҡсы булды. Әммә Бинйәмин ҡапҡаһында Хананъяһтан тыуған Шәләмъяһ улы Йирияһ, һаҡсылар башлығы, Йермеяһ пәйғәмбәрҙе: – Һин халдейҙар яғына ҡасып сығырға уйлайһың, – тип тотоп алды. – Ялған! – тине Йермеяһ. – Халдейҙарға ҡасып сығырға теләмәйем мин! Әммә Йирияһ уның әйткәненә ҡолаҡ һалманы, ҡулға алып, түрәләрҙең алдына килтерҙе. Түрәләр Йермеяһҡа асыулы ине. Уны туҡматып, Йонаҫан кәтиптең йортона бикләп ҡуйҙылар – был йортто зинданға әйләндергәйнеләр. Йермеяһ оҙаҡ ваҡыт был зиндандың баҙында ултырҙы. Байтаҡ көндәрҙән һуң Сидкияһ батша уны алып килергә ҡушты. Йермеяһты һарайға алып килделәр ҙә, батша башҡаларҙан йәшереп кенә унан: – Раббынан берәй хәбәр бармы? – тип һораны. – Бар, – тип яуапланы Йермеяһ, – һин Бабил батшаһының ҡулына төшәһең. Шунан Сидкияһ батшаға: – Һиңә, ярандарыңа һәм был халыҡҡа ҡаршы ниндәй гонаһ ҡылдым мин? Ни өсөн мине зинданға ултырттығыҙ? – тине. – Бабил батшаһы һеҙгә һәм был илгә һөжүм итмәйәсәк, – тигән пәйғәмбәрҙәрегеҙ ҡайҙа? Инде мине тыңлаһаң ине, батшам хакимым! Үтенесемде аяҡ аҫтына һалмаһаң ине: кәтип Йонаҫандың өйөнә кире ебәрмә, юҡһа мин унда үлермен! Сидкияһ батша Йермеяһты һаҡсылар ихатаһында тоторға бойорҙо. Ҡалала икмәк бөткәнгә тиклем, икмәк бешереүселәр урамынан көн һайын бер икмәк килтереп бирҙеләр. Шулай итеп, Йермеяһ һаҡсылар ихатаһында ҡалды. Маттан улы Шефатъяһ, Пашхур улы Гедалъяһ, Шәләмъяһ улы Йухал, Малкияһ улы Пашхур Йермеяһтың халыҡҡа түбәндәгеләрҙе һөйләгәнен ишетте: «Раббы былай ти: „Был ҡалала ҡалған кешеләр ҡылыстан, аслыҡтан һәм ҡырғындан үлер. Кем халдейҙар яғына сыға, шул йәшәр – йәне үҙенә яумал булыр“. Раббы былай ти: „Был ҡала мотлаҡ рәүештә Бабил батшаһы ғәскәренә биреләсәк, батша уны баҫып аласаҡ“». Түрәләр батшаға: – Был кешене үлтерергә кәрәк, – тине, – сөнки ул, бындай һүҙҙәрҙе һөйләп, Йәрүсәлимдә ҡалған яугирҙәрҙең һәм халыҡтың рухын төшөрә. Был әҙәм халыҡҡа яҡшылыҡ түгел, һәләкәт теләй. Сидкияһ батша уларға: – Ул – һеҙҙең ҡулығыҙҙа, – тип яуапланы. – Батша һеҙгә ҡаршы бер нәмә лә эшләй алмай. Шунан һуң Йермеяһты, тотоп алып, батша улы Малкияһтың һаҡсылар ихатаһындағы һыу йыя торған соҡорона арҡандарға бәйләп төшөрҙөләр. Соҡорҙа һыу юҡ, бары батҡаҡ ҡына ине. Йермеяһ шул батҡаҡҡа батты. Батша һарайы әһелдәренең береһе Куш кешеһе Ғәвәд-Мәләх Йермеяһты һыу соҡорона ташлағандарын ишетеп ҡалды. Был ваҡытта батша Бинйәмин ҡапҡаһы янында ултыра ине. Ғәвәд-Мәләх һарайҙан сыҡты ла батша янына килеп: – Батшам хакимым! Был әҙәмдәрҙең Йермеяһ пәйғәмбәргә ҡылғандары бик насар. Уны һыу соҡорона ырғыттылар, унда ул астан үлә бит, ҡалала икмәк ҡалманы, – тине. Батша Куш кешеһе Ғәвәд-Мәләхкә: – Үҙең менән утыҙ кеше ал да Йермеяһ пәйғәмбәрҙе үлеп ҡалмаҫ борон соҡорҙан сығар, – тип бойорҙо. Ғәвәд-Мәләх, үҙе менән кешеләр алып, батша һарайындағы келәткә барҙы, унан иҫке сепрәк-сапраҡ, алам-һөләм кейем алды ла, арҡандарға бәйләп, соҡорға төшөрҙө. Шунан Йермеяһҡа: – Арҡанды ҡултыҡ аҫтыңа бәйлә лә ҡырмаһын өсөн бынау иҫке-моҫҡо сепрәк-сапраҡты тыҡ, – тине. Йермеяһ шулай эшләне. Йермеяһты арҡан менән һыу соҡоронан һөйрәп сығарҙылар. Шулай итеп, Йермеяһ һаҡсылар ихатаһында ҡалды. Сидкияһ батша Йермеяһ пәйғәмбәрҙе саҡыртып алды. Уны Раббы йортоноң өсөнсө ишеге эргәһенә алып килделәр. – Һиңә бер һорауым бар, тик минән бер нәмә лә йәшермә, – тине батша. Йермеяһ батшанан: – Әгәр дөрөҫөн әйтһәм, мине үлемгә дусар итмәҫһеңме? – тип һораны. – Һиңә кәңәш биреү менән, һин бит барыбер мине тыңламаясаҡһың. Сидкияһ Йермеяһҡа йәшерен ант итеп: – Беҙгә йәшәү биргән тере Раббы шаһит: һине үлтертмәм, йәнеңде көҫәгән кешеләрҙең ҡулына бирмәм, – тине. Шунан һуң Йермеяһ Сидкияһҡа былай тине: – Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, Исраил Аллаһы былай ти: «Әгәр һин сығып Бабил батшаһының ғәскәр башлыҡтарына бирелһәң, йәнеңде һаҡларһың, был ҡала ла яндырылмаҫ. Үҙең дә, ғаиләң дә иҫән ҡалырһығыҙ. Әммә Бабил батшаһының ғәскәр башлыҡтарына бирелмәһәң, был ҡала халдейҙар ҡулына тапшырылыр, һәм уны яндырырҙар. Һин дә уларҙың ҡулынан ҡасып ҡотола алмаҫһың». – Мин халдейҙар яғына сыҡҡан йәһүҙиҙәрҙән ҡурҡам, – тине Сидкияһ батша Йермеяһҡа. – Халдейҙар мине уларҙың ҡулына бирер ҙә, улар мине ғазаплар тип хәүефләнәм. – Бирмәҫтәр, – тип яуапланы Йермеяһ. – Раббының минең аша һиңә еткергән һүҙҙәрен тыңла, шул ваҡытта барыһы ла һәйбәт булыр, йәнеңде һаҡлап ҡалырһың. Ә инде уларға бирелеүҙән баш тартһаң, тыңла – Раббы миңә бына ниндәй күренмеш бирҙе: Йәһүҙә батшаһының һарайында ҡалған бөтә ҡатындарҙы Бабил батшаһының ғәскәр башлыҡтары алдына алып сығасаҡтар. Шул саҡ ул ҡатындар һиңә: «Ышанған дуҫтарығыҙ Һине алдаттылар ҙа еңделәр; Ә аяҡтарың батҡаҡҡа батҡас, Улар һине ташлап ҡасты», – тиерҙәр. Бөтә ҡатындарың һәм балаларыңды халдейҙарға алып китерҙәр. Һин дә уларҙан ҡотола алмаҫһың, Бабил батшаһының ҡулына эләгерһең, ә был ҡала яндырылыр. – Беҙҙең һөйләшкәнде бер кем дә белергә тейеш түгел, юғиһә үләсәкһең, – тине Сидкияһ Йермеяһҡа. – Әгәр ҙә түрәләр, һинең менән һөйләшкәнем тураһында ишетеп, яныңа килһә: «Батшаға ниҙәр әйткәнеңде, уның һиңә нимә тип яуап биргәнен беҙҙән йәшермә, юғиһә беҙ һине үлтерәбеҙ», – тиһәләр, уларға: «Мине Йонаҫандың өйөнә кире ебәрмә, юҡһа мин унда үлермен, тип ялбарҙым», – тиерһең. Түрәләр килеп Йермеяһтан төпсөнә башланы. Пәйғәмбәр, батша нисек ҡушҡан, шулай яуап ҡайтарҙы. Улар башҡа бер нәмә лә һорамай китеп барҙы, сөнки батша менән ике арала булған һөйләшеүҙе бер кем дә белмәй ине. Йермеяһ Йәрүсәлим баҫып алынған көнгә тиклем һаҡсылар ихатаһында ултырҙы. Йәһүҙә батшаһы Сидкияһ хакимлығының туғыҙынсы йылында, унынсы айҙа Бабил батшаһы Навуходоносор, бөтә ғәскәре менән Йәрүсәлимгә килеп, ҡаланы ҡамауға алды. Сидкияһ хакимлығының ун беренсе йылында, дүртенсе айҙың туғыҙынсы көнөндә дошман ҡаланың диуарында ярыҡ яһаны. Ҡала ҡулға төшөрөлгәс, Бабил батшаһының бөтә түрәләре, эскә инеп, Урта ҡапҡа янында урынлашты. Улар араһында Симмагирҙан Нергал-сар-эцер, һарай хеҙмәтселәре башлығы Неву-сар-сехим, юғары дәрәжәле баш түрә Нергал-сар-эцер һәм Бабил батшаһының башҡа түрәләре бар ине. Йәһүҙә батшаһы Сидкияһ һәм уның яугирҙәре уларҙы күреп ҡастылар, төндә ҡаланан, батшаның баҡсаһы аша үтеп, ике диуар араһындағы ҡапҡанан сыҡтылар ҙа Ғарава юлынан киттеләр. Халдейҙар ғәскәре уларҙың арттарынан төштө. Улар Сидкияһты, Йерихо тигеҙлегендә ҡыуып етеп, Хамаҫ ерендәге Ривлаға, Бабил батшаһына алып килделәр. Шунда Навуходоносор уға хөкөм сығарҙы. Бабил батшаһы Ривлала Сидкияһтың күҙ алдында уның улдарын, Йәһүҙәнең барлыҡ дәрәжәле кешеләрен сәнсеп үлтерҙе. Шунан Сидкияһтың күҙен һуҡырайтты һәм Бабилға алып китер өсөн баҡыр бығау кейҙерҙе. Халдейҙар батша һарайын һәм халыҡтың йорттарын яндырҙы, Йәрүсәлимдең диуарҙарын емерҙе. Ҡалала тере ҡалған халыҡты, халдейҙар яғына сыҡҡан кешеләрҙе – иҫән ҡалған барыһын да нөгәрҙәр башлығы Невузарадан, әсиргә алып, Бабилға алып китте. Бер нәмәһе лә булмаған фәҡирҙәрҙең ҡайһы берҙәрен Невузарадан Йәһүҙәлә ҡалдырҙы, уларға йөҙөм баҡсалары, баҫыуҙар бирҙе. Йермеяһ тураһында Бабил батшаһы Навуходоносор нөгәрҙәр башлығы Невузараданға шундай әмер бирҙе: – Уны үҙ хәстәреңә ал, яҡшы ҡара, бер ниндәй ҙә насарлыҡ ҡылма. Үҙе нисек әйтһә, шулай эшлә. Нөгәрҙәр башлығы Невузарадан, һарай хеҙмәтселәре башлығы Невушазбан, юғары дәрәжәле баш түрә Нергал-сар-эцер һәм Бабил батшаһының башҡа түрәләре, кеше ебәреп, Йермеяһты һаҡсылар ихатаһынан килтерттеләр. Шафандан тыуған Ахиҡамдың улы Гедалъяһҡа уны өйөнә оҙатып ҡуйырға ҡуштылар. Шулай итеп, Йермеяһ халыҡ араһында ҡалды. Әле һаҡсылар ихатаһында тотҡонда ятҡан сағында уҡ Йермеяһҡа Раббы һүҙе булғайны: – Бар, Куш кешеһе Ғәвәд-Мәләхкә әйт, «Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: „Бына, был ҡала тураһында әйткән һүҙҙәремде ғәмәлгә ашырам, уға яҡшылыҡ түгел, яманлыҡ килтерәм. Көнө еткәс, һин быларҙы үҙ күҙҙәрең менән күрерһең. Әммә ул көндө һине ҡотҡарырмын, – тип белдерә Раббы. – Ҡурҡҡан кешеләреңдең ҡулына эләкмәҫһең. Мин һине мотлаҡ ҡотҡарасаҡмын, һәм ҡылыстан үткәрелмәҫһең, йәнең үҙеңә яумал булыр, сөнки һин Миңә ышандың“, – тип белдерә Раббы». Нөгәрҙәр башлығы Невузарадан Йермеяһты Рамала азат иткәндән һуң, Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды. Невузарадан уны Бабилға һөргөнгә ҡыуылған Йәрүсәлим һәм Йәһүҙә әсирҙәре араһында бығауланған килеш барған сағында табып алғайны. Нөгәрҙәр башлығы, Йермеяһты ситкәрәк алып китеп, былай тине: – Һинең Аллаң Раббы был урынға ошо һәләкәтте ебәрәсәген киҫәткәйне. Инде әйткәнен эшләне, һәләкәт юлланы, сөнки һеҙ Раббыға ҡаршы гонаһ ҡылдығыҙ, уның әйткәндәрен тыңламанығыҙ, шуға күрә ошо бәлә-ҡазаға юлыҡтығыҙ. Бөгөн һине ҡулыңдағы бығауҙарҙан азат итәм. Әгәр минең менән Бабилға барғың килһә, бар, һинең хаҡта ҡайғыртырмын. Әммә минең менән Бабилға барғың килмәһә, ҡал. Бына, бөтә ер алдыңда ята, ҡайҙа теләйһең, ҡайҙа дөрөҫ тип һанайһың, шунда бар. Әгәр ҙә ҡалһаң, Шафандан тыуған Ахиҡамдың улы Гедалъяһҡа ҡайт һәм уның янында халыҡ араһында йәшә. Бабил батшаһы уны Йәһүҙә ҡалаларына идарасы итеп ҡуйҙы. Йәки ҡайҙа теләйһең, шунда кит, – тине. Нөгәрҙәр башлығы Йермеяһҡа аҙыҡ-түлек һәм бүләктәр биреп ебәрҙе. Йермеяһ Миспаға Ахиҡам улы Гедалъяһҡа барҙы һәм уның янында илдә ҡалған халыҡ араһында йәшәй башланы. Кешеләре менән ҡырҙа ҡасып ятҡан хәрби түрәләр, Бабил батшаһының Ахиҡам улы Гедалъяһты илгә идарасы итеп ҡуйыуы, Бабилға оҙатылмаған ярлы-ябаға ирҙәрҙе, ҡатын-ҡыҙҙарҙы һәм балаларҙы уның ҡарамағына тапшырыуы тураһында ишеткәс, Миспаға Гедалъяһҡа килделәр. Улар – Неҫанъяһ улы Исмәғил, Ҡареах улдары Йоханан менән Йонаҫан, Танхумәҫ улы Сераяһ, Нетофанан Ғефайҙың улдары, атаһы Мағаханан булған Язанъяһ үҙҙәренең кешеләре менән ине. Шафандан тыуған Ахиҡамдың улы Гедалъяһ уларға һәм уларҙың кешеләренә ант итеп: – Халдейҙарға хеҙмәт итеүҙән ҡурҡмағыҙ, – тине. – Илдә ҡалып, Бабил батшаһына хеҙмәт итегеҙ, һәм һеҙгә яҡшы булыр. Беҙгә килгән халдейҙар алдында вәкилегеҙ булыр өсөн мин Миспала ҡалам. Ә һеҙ йәйге емештәр йыйығыҙ, шарап, зәйтүн майы әҙерләп, һауыттарға һалып ҡуйығыҙ, үҙегеҙ биләгән ҡалаларҙа йәшәгеҙ. Шулай уҡ Моавта, Ғаммонда, Эдомда һәм башҡа илдәрҙә булған йәһүҙиҙәр Бабил батшаһы халыҡтың бер өлөшөн илдә ҡалдырғаны һәм Шафандан тыуған Ахиҡамдың улы Гедалъяһты уларға идарасы итеп ҡуйғаны тураһында ишетте. Улар, үҙҙәре ҡасып киткән ерҙәрҙән кире ҡайтып, Йәһүҙәгә Гедалъяһ янына Миспаға килделәр, мул итеп шарап һәм йәйге емештәр тупланылар. Ул арала Ҡареах улы Йоханан һәм ҡырҙа булған хәрби түрәләр ҙә Миспаға Гедалъяһ янына килеп: – Ғаммон батшаһы Бағалистың һинең йәнеңде ҡыйыр өсөн Неҫанъяһ улы Исмәғилде ебәргәнен беләһеңме? – тинеләр. Әммә Ахиҡам улы Гедалъяһ уларға ышанманы. Шул саҡ Ҡареах улы Йоханан Миспала йәшертен генә Гедалъяһ менән һөйләште: – Рөхсәт ит, барып, Неҫанъяһ улы Исмәғилде үлтерәйем, – тине. – Был хаҡта бер кем дә белмәҫ! Ни өсөн уның һине үлтереүенә юл ҡуйырға? Юғиһә һинең яныңа йыйылған бөтә йәһүҙиҙәр таралып бөтөр, Йәһүҙәлә ҡалғандар һәләк булыр. Әммә Ахиҡам улы Гедалъяһ Ҡареах улы Йохананға: – Улай эшләмә! Исмәғил тураһында әйткәнең ялған, – тине. Шулай итеп, ошо йылдың етенсе айында Әлишамағтың ейәне, Неҫанъяһ улы Исмәғил ун кешеһе менән Миспаға Ахиҡам улы Гедалъяһ янына килде. Исмәғил, батша нәҫеленән булып, батшаның түрәләренән ине. Шунда бергәләшеп ашап ултырғанда Неҫанъяһ улы Исмәғил һәм уның менән бергә килгән ун кеше, тороп, Шафандан тыуған Ахиҡамдың улы Гедалъяһты – Бабил батшаһы тарафынан илгә идарасы итеп ҡуйылған кешене – ҡылыс менән сәнсеп үлтерҙе. Исмәғил шулай уҡ Миспала Гедалъяһ менән бергә булған бөтә йәһүҙиҙәрҙе, халдейҙарҙың унда булған ғәскәри кешеләрен дә ҡырҙы. Гедалъяһ үлтерелгәндең иртәгәһенә – әле был хаҡта бер кем дә белмәй ине – Шәхәм, Шило һәм Самария ҡалаларынан һаҡалдарын ҡырған, кейемдәрен йыртҡыслаған, тәндәрен йәрәхәтләп бөткән һикһән кеше килде. Улар, Раббы йортона тип, икмәк саҙаҡалары, хуш еҫле ыҫмала-майҙар алып килгәйне. Неҫанъяһ улы Исмәғил илай-илай Миспанан уларҙы ҡаршы алырға сыҡты. Осрашҡас: – Ахиҡам улы Гедалъяһҡа барайыҡ, – тине. Ҡалаға ингәс, Неҫанъяһ улы Исмәғил янындағы кешеләре менән уларҙы үлтерҙе лә мәйеттәрен һыу соҡорона ырғытты. Шул саҡ килгәндәрҙең араһындағы ун кеше Исмәғилгә: – Үлтермә беҙҙе! Ҡырҙа йәшереп ҡуйған бойҙай, арпа, зәйтүн майы һәм балыбыҙ бар, – тип ялынды. Исмәғил уларҙы башҡалар менән бергә үлтермәне. Исмәғил үҙе үлтергән бөтә кешеләрҙең мәйеттәрен ташлаған һыу соҡоро бик ҙур булып, заманында уны Аса батша Исраил батшаһы Бағшанан һаҡланып ҡаҙҙырған була. Шул соҡорҙо Неҫанъяһ улы Исмәғил үлектәр менән тултырҙы. Исмәғил Неҫанъяһ улы нөгәрҙәр башлығы Невузарадан тарафынан Миспала Ахиҡам улы Гедалъяһ ҡарамағына ҡалдырылған бөтә халыҡты, шулай уҡ батша ҡыҙҙарын әсиргә алды һәм улар менән бергә ғаммондарға йүнәлде. Әммә Ҡареах улы Йоханан һәм уның янындағы хәрби түрәләр Неҫанъяһ улы Исмәғил ҡылған яуызлыҡтар тураһында ишеткәс, бөтә кешеләрен алып, уның менән һуғышырға киттеләр. Улар Неҫанъяһ улы Исмәғилде Ғивғондағы ҙур быуа янында ҡыуып етте. Әммә Неҫанъяһ улы Исмәғил, үҙенең һигеҙ кешеһе менән Йоханандан ҡасып, ғаммондарға табан юл алды. Ҡареах улы Йоханан һәм уның менән булған хәрби түрәләр иҫән ҡалғандарҙың һәммәһен – Ахиҡам улы Гедалъяһты үлтергән Неҫанъяһ улы Исмәғилдең Миспала әсир иткән халыҡты – яугирҙәрҙе, ҡатын-ҡыҙҙарҙы, балаларҙы һәм һарай әһелдәрен үҙҙәре менән Ғивғондан алып Барлыҡ хәрби түрәләр, Ҡареах улы Йоханан, Һошағъяһ улы Язанъяһ һәм ябай халыҡтан алып затлыһына тиклем бөтә халыҡ килеп Йермеяһ пәйғәмбәргә былай тине: – Зинһар өсөн ялынысыбыҙҙы тыңла! Беҙҙең өсөн – иҫән ҡалған ошо халыҡ өсөн – Аллаң Раббыға доға ҡыл. Үҙең күреп тораһың, ни тиклем күп инек, аҙ ғына тороп ҡалдыҡ. Аллаң Раббы беҙгә ҡайһы юлдан китергә, нимә эшләргә кәрәклеген белдерһен ине. Йермеяһ пәйғәмбәр уларға: – Үтенесегеҙҙе ишеттем, – тине. – Аллағыҙ Раббыға һеҙ һорағанса доға ҡылырмын. Раббының әйткәнен һеҙгә белдерермен, бер һүҙен дә йәшереп ҡалдырмам. Улар иһә Йермеяһҡа: – Раббы һине беҙгә нимә менән ебәрһә лә, теүәл үтәрбеҙ. Быға Раббы Үҙе ышаныслы һәм ғәҙел шаһит булһын, – тинеләр. – Беҙ һине Аллабыҙ Раббыға күндерәбеҙ һәм Уның әйткәндәрен, беҙҙең өсөн яҡшы буламы ул, насар буламы, тайпылышһыҙ үтәрбеҙ. Сөнки Аллабыҙ Раббының әйткәндәрен тыңлаһаҡ, беҙҙең өсөн барыһы ла һәйбәт булыр. Ун көн үткәс, Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды. Йермеяһ Ҡареах улы Йохананды, уның менән булған барлыҡ хәрби түрәләрҙе, ябайынан алып затлыһына тиклем бөтә халыҡты саҡырып алды. Уларға былай тине: – Үтенесегеҙҙе белдерер өсөн мине янына күндергән Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Әгәр был илдә ҡалһағыҙ, һеҙҙе бында нығытырмын, ә емермәм, тамырландырырмын, ә йолҡмам, сөнки һеҙгә ебәргән афәт өсөн үкенәм. Һеҙ әле Бабил батшаһынан ҡурҡаһығыҙ. Тик һеҙ унан ҡурҡмағыҙ, – тип белдерә Раббы. – Сөнки Мин һеҙҙең менәнмен, һеҙҙе азат итеп, уның ҡулынан ҡотҡарырмын. Мин һеҙгә рәхимле булырмын, һәм ул, һеҙҙе ҡыҙғанып, үҙ ерегеҙгә кире ҡайтарыр. Әгәр ҙә инде: „Был илдә йәшәргә теләмәйбеҙ, – тип Аллағыҙ Раббының һүҙенә буйһонмаһағыҙ, – юҡ, беҙ Мысырға барабыҙ. Унда һуғыш күрмәйәсәкбеҙ, борғо тауышын ишетмәйәсәкбеҙ, асыҡмаясаҡбыҙ, шунда йәшәйәсәкбеҙ“, – тиһәгеҙ, Раббы һүҙен тыңлағыҙ, эй Йәһүҙәнең иҫән ҡалған халҡы! Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: „Әгәр ҙә һеҙ ҡәтғи рәүештә Мысыр яғына боролһағыҙ, шунда йәшәргә китһәгеҙ, һеҙ өрккән ҡылыс унда, Мысыр ерендә, артығыҙҙан ҡыуып етәсәк! Һеҙ ҡурҡҡан аслыҡ унда, Мысырҙа, эҙәрләйәсәк, шунда үләсәкһегеҙ. Мысырға барырға һәм шунда йәшәргә тип йөҙ борған бөтәһе лә ҡылыстан, аслыҡтан һәм ҡырғындан үлер. Бер кем дә тере ҡалмаҫ, Мин уларға ебәргән бәләнән ҡотола алмаҫ“». Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә асыуым менән ярһыуым нисек түгелгән булһа, Мысырға барғас, һеҙгә лә ажарым шулай түңкәреләсәк. Һеҙ ләғнәт һәм дәһшәт, ҡарғыш һәм мәсхәрәгә ҡаласаҡһығыҙ һәм был ерҙе башҡа күрә алмаҫһығыҙ». Эй Йәһүҙәнең иҫән ҡалғандары! Раббы һеҙгә: «Мысырға бармағыҙ!» – тип әйтте. Бөгөн һеҙҙе киҫәткәнемде ныҡлап белеп ҡуйығыҙ. Һеҙ бик ҙур хата яһайһығыҙ: «Аллабыҙ Раббыға беҙҙең турала доға ҡыл, Уның әйткәндәрен белдер. Беҙ барыһын да Ул ҡушҡанса эшләрбеҙ», – тип мине Аллағыҙ Раббыға ебәргәйнегеҙ. Аллағыҙ Раббының миңә әйткән бөтә һүҙҙәрен бөгөн һеҙгә әйттем, әммә һеҙ Уның минең аша бөтә еткергәндәрен тыңламанығыҙ. Шулай итеп, белегеҙ: барып төйәкләнергә теләгән ерҙә һеҙ ҡылыстан, аслыҡтан һәм ҡырғындан үләсәкһегеҙ! Йермеяһ Аллалары Раббының әйткәндәрен, уның уҙе аша белгерткән һүҙҙәрен бөтә халыҡҡа һөйләп биргәс, Һошағъяһ улы Ғазаръяһ, Ҡареах улы Йоханан һәм башҡа тәкәббер әҙәмдәр уға: – Ялған һөйләйһең! – тине. – Аллабыҙ Раббы һине: «Мысырға бармағыҙ, унда төйәкләнмәгеҙ», – тип әйтергә ебәрмәгән. Нерияһ улы Барух, беҙҙе үлтерһендәр йәки Бабилға һөргөнгә алып китһендәр өсөн халдейҙарға тотторорға теләп, һине беҙгә ҡаршы ҡоторта. Шулай итеп, Ҡареах улы Йоханан, бөтә хәрби түрәләр һәм халыҡ Раббының Йәһүҙәлә ҡалырға бойороуын тыңламаны. Ҡареах улы Йоханан һәм хәрби түрәләр, төрлө илдәргә һибелеп йәшәгән һәм үҙ илдәре Йәһүҙәлә йәшәргә тип кире ҡайтҡан тере ҡалған йәһүҙиҙәрҙе, нөгәрҙәр башлығы Невузарадан Шафандан тыуған Ахиҡамдың улы Гедалъяһ ҡарамағына ҡалдырған ирҙәрҙе, ҡатындарҙы, балаларҙы, батша ҡыҙҙарын, шулай уҡ Йермеяһ пәйғәмбәрҙе, Нерияһ улы Барухты алып, Раббының һүҙен тыңламайынса, Мысырға юлланды һәм Тахпанхесҡа барып етте. Тахпанхеста Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды: – Ҙур-ҙур таштар ал да йәһүҙиҙәрҙең күҙ алдында фирғәүендең Тахпанхестағы һарайына ингән ерҙә түшәлгән балсыҡ аҫтына йәшер. Шунан уларға әйт: «Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: „Бына, Мин Бабил батшаһы ҡолом Навуходоносорҙы бында алып киләм. Уның тәхетен йәшерелгән ошо таштар өҫтөнә ҡуям. Ошонда ул үҙенең күркәм сатырын ҡорор. Ул килеп Мысыр илен тар-мар итер: Кемгә үлемесле ауырыу яҙған – шул үлемгә, Кемгә әсирлек яҙған – шул һөргөнгә, Кемгә ҡылыс яҙған – шул ҡылысҡа дусар булыр. Мин Мысыр илаһтарының ҡорамдарына ут һаласаҡмын. Навуходоносор уларҙы яндырасаҡ, боттарын үҙе менән алып китәсәк. Бетен сүпләп сапанын таҙартҡан көтөүсе һымаҡ, ул да Мысыр ерен шулай таҙартасаҡ һәм имен-аман сығып китәсәк. Ул Мысыр ерендәге Ҡояш йортона урынлаштырылған табыныу бағаналарын емерер, Мысыр илаһтарының ҡорамдарын яндырыр“». Мысыр ерендәге Мигдол, Тахпанхес, Ноф ҡалаларында, Паҫрос ерендә йәшәгән бөтә йәһүҙиҙәр тураһында Йермеяһҡа ошондай һүҙ булды. – Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Мин Йәрүсәлимгә һәм Йәһүҙәнең барлыҡ ҡалаларына ебәргән бөтә һәләкәттәрҙе күрҙегеҙ. Ана, улар хәҙер емерелеп ята, уларҙа бер кем дә йәшәмәй. Йәһүҙә кешеләре ҡылған яуызлыҡтар өсөн булды был. Улар, үҙҙәре лә, һеҙ ҙә, ата-бабаларығыҙ ҙа белмәгән ят илаһтарға хуш еҫ төтәтеп, уларға хеҙмәт итеп, Мине асыуландырҙылар. „Мине нәфрәтләндергән был әшәкелектәрҙе ҡылмағыҙ!“ – тип әйтергә ҡолдарым пәйғәмбәрҙәрҙе ебәрҙем, күп тапҡырҙар ебәрҙем. Әммә Йәһүҙә халҡы ишетмәне, ҡолаҡ һалманы, яуыз ғәмәлдәренән баш тартманы, ят илаһтарға хуш еҫ төтәтеүҙән туҡтаманы. Шуға күрә асыуым түгелде, ярһыуым Йәһүҙә ҡалаларында, Йәрүсәлим урамдарында ялҡынланды. Улар, бөгөн күренгәнсә, емереклектәр өйөмө һәм бушлыҡ булып ята». Инде хәҙер Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Ниңә үҙ башығыҙға ҙур бәлә килтермәксеһегеҙ? Йәһүҙәнән килгән ирҙәрҙе, ҡатын-ҡыҙҙарҙы, үҫмерҙәрҙе һәм сабыйҙарҙы юҡ итеп, берегеҙ ҙә ҡалмай ҡырылып бөтмәксеһегеҙме? Ни өсөн һеҙ үҙ ҡулдарығыҙ эшләгән боттарығыҙ менән Мине асыуландыраһығыҙ, үҙегеҙ йәшәргә тип килгән Мысыр ерендә сит илаһтарға хуш еҫ төтәтәһегеҙ? Былай бит һеҙ үҙегеҙҙе һәләк итәһегеҙ. Ерҙәге бөтә ҡәүемдәрҙең ҡарғыш һәм мәсхәрәһенә дусар буласаҡһығыҙ! Йәһүҙәлә, Йәрүсәлим урамдарында ата-бабаларығыҙҙың, Йәһүҙә батшаларының һәм уларҙың ҡатындарының, үҙегеҙҙең һәм ҡатындарығыҙҙың ҡылған золомдарын оноттоғоҙмо ни? Бына бөгөнгә тиклем һеҙ Миңә буйһонмайһығыҙ, Минән ҡурҡмайһығыҙ, һеҙгә һәм ата-бабаларығыҙға биргән ҡанун һәм ҡағиҙәләрем буйынса йәшәмәйһегеҙ бит». Шуға күрә Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Бына, башығыҙға афәт ебәрергә, бөтә Йәһүҙә халҡын юҡ итергә ҡарар иттем. Иҫән ҡалған һәм, төйәкләнмәк булып, Мысырға юлланған йәһүҙиҙәрҙе һәләк итәсәкмен. Улар барыһы ла юҡ ителер, Мысыр тупрағына йығылыр. Ҡылыстан һәм аслыҡтан ҡырылыр. Ябай халыҡтан алып затлыһына тиклем ҡылыстан һәм аслыҡтан үлер, ҡарғышҡа һәм дәһшәткә, хурлыҡ һәм мәсхәрәгә дусар булыр. Мысырҙа йәшәүселәрҙе, Йәрүсәлимде язалаған кеүек, ҡылыс, аслыҡ һәм ҡырғын менән язалаясаҡмын. Иҫән ҡалған һәм Мысырҙа төйәкләнергә тип киткән йәһүҙиҙәрҙең береһе лә ҡотолоп ҡалмаҫ, Йәһүҙәгә ҡайта алмаҫ. Улар бөтөн булмыштары менән Йәһүҙәгә ҡайтырға ашҡыныр, ләкин ҡасып киткәндәрҙең бик аҙы ғына әйләнеп ҡайтыр». Ҡатындарының бүтән илаһтарға хуш еҫ төтәткәнен белгән ир-аттар, шунда күмәкләшеп баҫып торған ҡатындар – оло бер йыйын – һәм Мысырҙың Паҫрос ерендә йәшәгән барса халыҡ Йермеяһҡа: – Раббы исеменән һөйләгән һүҙҙәреңде тыңламайбыҙ! – тип яуап ҡайтарҙы. – Беҙ нәҙер иткәндәребеҙҙең барыһын да мотлаҡ эшләйәсәкбеҙ: Күк алиһәһенә хуш еҫ төтәтеүебеҙҙе, уға түкмә ҡорбан килтереүебеҙҙе дауам итәсәкбеҙ. Үҙебеҙ ҙә, ата-бабаларыбыҙ ҙа, батшаларыбыҙ һәм түрәләребеҙ ҙә Йәһүҙә ҡалаларында һәм Йәрүсәлим урамдарында шулай эшләй торғайныҡ. Ул ваҡытта туҡ, бәхетле булдыҡ, бәлә-ҡаза күрмәнек. Күк алиһәһенә хуш еҫ төтәтеүҙән, түкмә ҡорбан килтереүҙән туҡтағаны бирле юҡсыллыҡтан интегәбеҙ, ҡылыстан, аслыҡтан ҡырылабыҙ. – Күк алиһәһенә хуш еҫ төтәткәнебеҙҙе, түкмә ҡорбандар килтергәнебеҙҙе, уның һынына оҡшатып күмәстәр бешергәнебеҙҙе, уға бағышлап шарап түккәнебеҙҙе ирҙәребеҙ белмәй инеме ни? – тине ҡатындар. Йермеяһ үҙенә шулай тип ҡаршы төшкән халыҡҡа, ирҙәргә һәм ҡатындарға: – Һеҙҙең, ата-бабаларығыҙҙың, батшаларығыҙҙың, түрәләрегеҙҙең, ил халҡының Йәһүҙә ҡалаларында, Йәрүсәлим урамдарында хуш еҫ төтәтеүен иҫкә алманымы икән Раббы? – тип яуапланы. – Шул Уға барып етмәнеме икән? Раббы башҡаса яуыз ғәмәлдәрегеҙгә һәм әшәкелектәрегеҙгә түҙеп тора алманы. Шунлыҡтан, бөгөн күрәһегеҙ, илегеҙ бушлыҡҡа, ҡарғышҡа һәм дәһшәткә әйләнде. Унда йәшәүсе кеше ҡалманы. Хуш еҫ төтәтеп, һеҙ Раббыға ҡаршы гонаһ ҡылдығыҙ, Уның әйткәндәрен тыңламанығыҙ, ҡануны, ҡағиҙә һәм күрһәтмәләре буйынса йәшәмәнегеҙ, шуға күрә лә, бөгөн күргәнегеҙсә, башығыҙға был афәт килде. – Эй Мысыр ерендә булған Йәһүҙә халҡы, Раббы һүҙенә ҡолаҡ һалығыҙ, – тине Йермеяһ бөтә халыҡҡа һәм айырыуса ҡатындарға. – Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Үҙегеҙ ҙә, ҡатындарығыҙ ҙа, телегеҙ нимә һөйләһә, ҡулығыҙ шуны эшләне. „Күк алиһәһенә хуш еҫ төтәтербеҙ, түкмә ҡорбандар килтерербеҙ тип әйткән нәҙерҙәребеҙҙе мотлаҡ үтәйәсәкбеҙ“, – тиһегеҙ. Биргән вәғәҙәләрегеҙҙә ныҡ тороғоҙ әйҙә, әйткәндәрегеҙҙе теүәл үтәгеҙ! Ләкин, Мысыр ерендә йәшәгән бөтә Йәһүҙә халҡы, Раббы һүҙен тыңлағыҙ: Мин Үҙемдең бөйөк исемем менән ант итәм! – ти Раббы. – Бүтәнсә Йәһүҙәнең Мысыр ерендә йәшәгән халҡынан һис кем, исемемде ауыҙына алып, „Тере Раббы Хаким шаһит!“ тип ант итмәйәсәк. Мин уларҙы яҡшылыҡ өсөн түгел, яманлыҡ өсөн күҙәтәсәкмен. Мысыр ерендәге бөтә йәһүҙиҙәр, тулыһынса юҡ ителгәнгә тиклем, ҡылыстан һәм аслыҡтан ҡырыласаҡ. Бик аҙҙар ғына, ҡылыстан ҡотолоп, Мысырҙан Йәһүҙәгә ҡайтасаҡ. Мысыр еренә йәшәргә килгән йәһүҙиҙәрҙең иҫән ҡалғандары шул ваҡытта кемдең һүҙе – Минекеме, әллә уларҙыҡымы – тормошҡа ашҡанын белер. Башығыҙға бәлә ебәреремде, әйткәндәремде ғәмәлгә ашырасағымды белеп тороғоҙ, – тип белдерә Раббы. – Һеҙҙе ошо урында язалаясағымдың дәлиле шул: Йәһүҙә батшаһы Сидкияһты ҡан дошманы Бабил батшаһы Навуходоносорҙың ҡулына тапшырған кеүек, Мысыр фирғәүене Хофрағты ла уның йәнен көҫәгән дошмандарына тотторасаҡмын». Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим Йошияһ улы хакимлығының дүртенсе йылында Йермеяһ пәйғәмбәр әйтеп торған һүҙҙәрҙе Нерияһ улы Барух төргәк китапҡа яҙып ҡуйғандан һуң, Йермеяһ пәйғәмбәр уға әйтте: – Эй Барух, Исраил Аллаһы Раббы һиңә былай ти: «Хәсрәт төштө башыма! – тип зарланаһың. – Сөнки Раббы, әрнеүемә өҫтәп, ҡайғы бирҙе. Ыңғырашып хәлдән тайҙым, тынғылыҡ тапмайым», – тиһең. Шуға күрә Раббы һиңә былай тип әйтергә бойора: «Бына, Үҙем төҙөгәнде Үҙем емерермен, Үҙем ултыртҡанды Үҙем йолҡоп ырғытырмын. Бөтә ерҙә лә шулай булыр. Ә һин үҙең өсөн артыҡ күпте һорайһың. Һорама! Сөнки бөтә йән эйәләренә һәләкәт ебәрәсәкмен, – тип белдерә Раббы. – Әммә һин ҡайҙа ғына барһаң да, йәнеңде һаҡлап ҡалырмын, ғүмерең үҙеңә яумал булыр». Раббының Йермеяһ пәйғәмбәргә халыҡтар тураһында әйткәндәре. Был һүҙҙәр Мысыр хаҡында һәм Мысыр батшаһы Нехо фирғәүендең Евфрат йылғаһы буйындағы Каркемиш янына килеп туҡтаған ғәскәре тураһында ине. Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим Йошияһ улы хакимлығының дүртенсе йылында Бабил батшаһы Навуходоносор был ғәскәрҙе ҡыйратты. «Ҙур һәм бәләкәй ҡалҡандарығыҙҙы әҙерләгеҙ, Алышҡа инегеҙ! Эйәрләп аттар менегеҙ, Һыбайлылар, торҡа кейегеҙ ҙә теҙелегеҙ. Һөңгө башаҡтарын үткерләгеҙ, Һарайтағыҙҙы кейегеҙ!» «Тик ни күрәм: ҡаушанылар, Артҡа боролдолар! Иң көслөләре тар-мар ителде, Боролоп ҡарамай ҡаса улар. Тирә-яҡта – дәһшәт! – тип белдерә Раббы. Етеҙ ҡасып китә алмаҫ, Батыр ҡотола алмаҫ; Төньяҡта, Евфрат буйында, Абынып йығылырҙар. Кем ул Нил йылғаһы һымаҡ ҡалҡҡан, Һыуҙары ташҡын һымаҡ сайҡалған? Мысырҙыр Нил кеүек ташҡан, Һыуҙары ташҡын һымаҡ сайҡалған, „Ташам да ер йөҙөн баҫам, Ҡалаларҙы, халыҡтарҙы һәләк итәм“, – тип ҡырсына. Яуға ташланығыҙ, аттар, Елдерегеҙ, һуғыш арбалары! Ҡалҡан тотҡан Куш, Пут яугирҙәре, Йәйә киргән Луд һуғышсылары алышҡа инегеҙ! Был көн – Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы көнө, Үс алыу көнө. Дошмандарынан ҡон ҡайтарыр көн. Уларҙы ҡылыс туйынғансы ашаясаҡ, Һыуһыны ҡанғансы ҡан эсәсәк. Төньяҡ илдә, Евфрат йылғаһы буйында Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Хаким ҡорбан сала. Эй һин, ғиффәтле ҡыҙ Мысыр, Ғилғәдкә барып, бәлзәм ал! Тик бушҡа ғына дауаланаһың, Һинең сиреңә шифа юҡ! Ҡәүемдәр мәсхәрәгә ҡалыуыңды ишетте. Ер йөҙөн һыҡтауҙарың тултырҙы; Сөнки яугир яугиргә абынды, Икеһе бергә ҡоланы». Раббының Йермеяһ пәйғәмбәргә Бабил батшаһы Навуходоносорҙың килеп Мысырға һөжүм итеүе тураһында һүҙе булды. «Мысырға хәбәр итегеҙ, Мигдолға ишеттерегеҙ, Нофта, Тахпанхеста иғлан итеп әйтегеҙ: „Аяғүрә баҫ, әҙерлән, Әйләнә-тирәңдәгеләрҙе ҡылыс ялмай“. Үгеҙең ниңә йығылды, Аяғында баҫып ҡала алманы? Сөнки Раббы уны ергә йыҡты. Ул күптәрҙе һөрөндөрҙө, Бер-береһенең өҫтөнә ҡоланылар, „Тороғоҙ, иҙеүсенең ҡылысынан ҡасып, Тыуған ергә, үҙ халҡыбыҙға ҡайтайыҡ“, – тинеләр. Унда ҡысҡырҙылар: „Мысыр батшаһы фирғәүен – бушбоғаҙ! Ул форсатын ҡулдан ысҡындырҙы!“» Исеме Күк ғәскәрҙәре Раббыһы булған Батша былай тип белдерә: «Барлығым менән ант итәм, Башҡа тауҙар араһында ҡалҡып торған Тавор, Диңгеҙ буйындағы Кармәл һымаҡ Ҡеүәтле берәү киләсәк. Эй Мысырҙа йәшәүселәр, Кәрәк-ярағығыҙҙы әҙерләгеҙ, Һөргөнгә китәсәкһегеҙ, Сөнки Ноф бушлыҡҡа әйләнәсәк, Емерелеп, кешеһеҙ ҡаласаҡ». «Мысыр ул – бик күркәм тана, Тик төньяҡтан өҫтөнә күгәүен килә. Араларындағы ялланған яугирҙәр Һимертелгән башмаҡ һымаҡ; Улар ҙа боролоп сабыр, ҡаршы тора алмаҫ; Сөнки уларҙың һәләкәт көнө, язаланыр мәле килде. Ана, Мысыр ҡасҡан йыландай ыҫылдай, Сөнки ҡеүәтле көс булып, Балта тотҡан ағас ҡырҡыусылар кеүек, Дошманы өҫтөнә килә. Үтеп сыҡмаҫлыҡ ҡалын булһа ла, Урманын ҡырҡып бөтөрҙәр, – тип белдерә Раббы. – Улар саранчанан да күберәк, Һанап бөтөрөрлөк түгел. Мысыр-ҡыҙ хурлыҡҡа ҡалыр, Төньяҡ халҡының ҡулына төшөр». Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: – Бына Мин Но ҡалаһының илаһы Амонды, фирғәүенде һәм Мысырҙы, уның илаһтарын һәм батшаларын, фирғәүенде һәм уға өмөтләнгәндәрҙең барыһын язалайым. Уларҙы йәндәрен көҫәгәндәргә – Бабил батшаһы Навуходоносор һәм уның ярандары ҡулына – тапшырам. Әммә һуңынан Мысырҙа кешеләр элекке кеүек үк йәшәйәсәк, – тип белдерә Раббы. «Ә һин, ҡолом Яҡуп, ҡурҡма, Төшөнкөлөккә бирелмә, Исраил. Сөнки һине – йыраҡ илдән, Нәҫелеңде әсирлектә булған ерҙән ҡотҡарырмын. Яҡуп кире ҡайтыр, Рәхәтләнеп, бер ҡайғыһыҙ йәшәр, Башҡа уны бер кем дә ҡурҡытмаҫ. Ҡурҡма, ҡолом Яҡуп, Мин һинең менән! – тип белдерә Раббы. – Мин һине ҡәүемдәр араһына таратҡайным, Инде барыһын да ҡырып бөтәм, Ә һине тотошлай юҡ итмәм. Әммә язаһыҙ ҡалдырмам, Язаны ғәҙел бирермен». Фирғәүен Газа ҡалаһына һөжүм итер алдынан Йермеяһ пәйғәмбәргә пелештиҙәр тураһында Раббы һүҙе булды. «Раббы былай ти: „Бына, төньяҡтан һыуҙар урғылып килә, Ул, ташҡан йылға һымаҡ, Ерҙе, уның өҫтөндәге бар нәмәне, Ҡаланы һәм уның халҡын баҫыр. Кешеләр иңрәп ҡысҡырыр, Илдә йәшәүселәр үкереп илар. Айғырҙарҙың тояҡ тауышынан, Яу арбалары дөбөрҙәүенән, Тәгәрмәс таҡылдауынан ҡурҡып, Аталар ярҙам итергә балаларына боролоп баҡмаҫ: Сөнки ҡулдары хәлһеҙләнеп һәленер. Пелештиҙәрҙең һәләкәт көнө килә, Тирға, Сидонға ярҙам итерлек Тере ҡалған һәр кем ҡырылыр. Раббы пелештиҙәрҙе, Кафтор утрауынан килгәндәрҙең иҫән ҡалғандарын юҡ итер. Газа әсе хәсрәтенән сәсен ҡырыр, Ашҡылон өнһөҙ ҡалыр. Эй үҙәнлектә иҫән ҡалғандар, Ҡасанға саҡлы тәнегеҙҙе йәрәхәтләрһегеҙ?“» Эй Раббы ҡылысы, Ҡасанға тиклем һин тынысланырһың? Ҡыныңа ҡабат инеп ят, Туҡта һин, тын! Әммә нисек тынысланһын, Раббы Үҙе уға әмер биргән, Ашҡылонға, диңгеҙ ярына ебәргән. Моав тураһында. Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Невоға ҡайғы! Уларҙың ҡалаһы харап булды. Ҡиръяҫаим мәсхәрәләнде, Дошман ҡулына ҡалды. Нығытмаһы хур булды – емерелде. Моавтың даны һүнде. Хешбонда уға ҡаршы яуызлыҡ ҡылырға ниәт ҡоралар: „Әйҙәгеҙ, уны ҡәүемдәр араһынан юҡ итәйек“, – тиҙәр. Эй Мадмен, һин дә тын ҡалырһың, Артыңдан ҡылыс эҙәрләп килә. Хоронаимдан иңрәү яңғырар: „Тар-мар булды ҡала, емерелде!“ Моав ҡыйратылды, Балалары ҡысҡырып илай. Илай-илай Лухиҫҡа күтәреләләр. Хоронаимдан төшкән юлда Һәләкәт арҡаһында аһ-зар яңғырай. Ҡасығыҙ! Йәнегеҙҙе ҡотҡарығыҙ! Сүлдәге ҡыуаҡ һымаҡ булығыҙ! Эштәреңә, байлығыңа ышанғанға күрә Һин дә ҡулға төшөрһөң, эй Моав. Илаһың Кемош үҙенең ҡаһиндары, Түрәләр менән бергә һөргөнгә китер. Раббы әйтмешләй, Емереүселәр һәр ҡалаға килер, Бер ҡала ла ҡотолоп ҡала алмаҫ. Үҙәнлек һәләк булыр, Тигеҙлек бушап ҡалыр. Моавҡа тоҙ һибегеҙ, Ул юҡҡа сығарыласаҡ! Уның ҡалалары емереләсәк, Уларҙа йәшәүсе ҡалмаясаҡ». Раббы эшен әпен-төпөн башҡарғанға ләғнәт төшһөн! Ҡылысын ҡан ҡойоуҙан тотҡарлағанға ләғнәт төшһөн! «Моав йәш сағынан һил йәшәне, Шарап төпрәһеләй тондо, Бер һауыттан икенсеһенә ҡойолманы – Һөргөнгә оҙатылманы; Шуға тәме боҙолманы, хуш еҫе үҙгәрмәне. Әммә уны һауыттан һауытҡа түгер кешеләрҙе ебәрер көндәрем килә, – тип белдерә Раббы. – Уны түгеп, һауыттарын бушатырҙар, көршәктәрен ватырҙар. Исраил халҡы үҙе ышанған Бейт-Ил арҡаһында оятҡа ҡалған кеүек, Моав та илаһы Кемош арҡаһында хур булыр. Нисек: „Беҙ батырбыҙ, Һуғышҡа әҙер көслө яугирбеҙ“, – тип әйтә алаһығыҙ? Моав иле емереләсәк, Ҡалаларына һөжүм итәсәктәр. Аҫыл егеттәре салынасаҡ, – тип белдерә исеме Күк ғәскәрҙәре Раббыһы булған Батша. – Моавтың һәләкәте яҡын, Уның ҡазаһы ашығып килә. Эргә-тирәһендә йәшәгәндәр, Уның исемен белгәндәр, бөтәгеҙ ҙә ҡайғырығыҙ. Әйтегеҙ: „Аһ! Ҡөҙрәт таяғы, шөһрәт билдәһе һынды!“» Эй Дивон ҡалаһында йәшәгән халыҡ! Шөһрәтле урыныңдан төш, Саң-туҙан өҫтөнә ултыр. Сөнки Моавты һәләк итеүсе Һинең дә өҫтөңә килер, Ҡәлғәләреңде емерер. Эй Ғароғерҙа йәшәгән халыҡ, Юл ситенә баҫ та ҡара! Ҡасып барған ирҙән, йүгергән ҡатындан: «Ни булды?» – тип һора. Оятҡа ҡалды Моав, тар-мар ителде! Үкереп-үкереп илағыҙ! Моавтың бушлыҡҡа әйләнгәнен Арнон буйында иғлан итегеҙ! – Яҫы таулыҡтағы ҡалалар – Холон, Яһас, Мефағаҫ, Дивон, Нево, Бейт-Дивлаҫаим, Ҡиръяҫаим, Бейт-Гамул, Бейт-Меғон, Ҡирйоҫ, Босра – Моав ерендәге алыҫ һәм яҡын бөтә ҡалаларға хөкөм килә. Моавтың мөгөҙө ҡырҡылды, беләге һындырылды, – тип белдерә Раббы. – Иҫерткәнсе эсер Моавты, сөнки Раббы ҡаршыһында эреләнде. Әйҙә, Моав үҙ ҡоҫҡолоғонда аунаһын, әҙәм көлкөһөнә ҡалһын! Һин Исраилдан көлә инең түгелме? Бурҙар араһында тотолдомо ни ул, уның хаҡта һүҙ сыҡһа, һин баш сайҡайһың? Эй Моавта йәшәгәндәр, Ҡалаларығыҙҙы ташлап, ҡаяларға һыйынығыҙ. Мәмерйә ауыҙында оя ҡорған күгәрсендәр кеүек булығыҙ. Моавтың ғорурлығы, Самаһыҙ мәғрурлығы хаҡында ишеттек; Текә, тәкәббер, маҡтансыҡлығын, Үҙен артыҡ юғары ҡуйыуын ишеттек беҙ. «Уның һауалылығын белә йөрөйөм, – тип белдерә Раббы. – Маҡтанып һөйләнеүе лә, Эшләгәндәре лә ялған». Шуға күрә Моав өсөн һыҡрармын, Бөтөн Моав өсөн иңрәрмен; Ҡир-Харәсәҫ халҡы өсөн илармын. Эй Сивманың йөҙөм ағасы, һинең өсөн Яғзер өсөн йәш түккәндән дә нығыраҡ илармын! Тәлгәштәрең диңгеҙ ашып, Диңгеҙгә, Яғзергә етә ине. Емереүсе һинең йәйге емешеңә, Бешкән йөҙөмөңә ташланды. «Моавтың уңдырышлы еренән Шатлыҡ-ҡыуаныс тартып алынды; Йөҙөм һыҡҡыстарҙан аҡҡан һутты туҡтаттым; Инде геүләшеп уны иҙмәҫтәр. Бында – тауыш, тик шатлыҡ ауазы түгел. Хешбон менән Әлғәленең иңрәүҙәре Яһасҡа олғашыр, Соғарҙан Хоронаимға, Ғәғләҫ-Шелишияһҡа саҡлы барып етер. Хатта Нимрим һыуҙары ҡорор. Моавта ботҡа табыныу ҡалҡыулыҡтарында ҡорбан килтереүселәрҙе, илаһтарына хуш еҫле матдәләр төтәтеүселәрҙе юҡ итермен, – тип белдерә Раббы». Шуға күрә Моав өсөн йөрәгем һыбыҙғы кеүек һыҡрай, Һыбыҙғылай иңрәй күңелем Ҡир-Харәсәҫ халҡы өсөн, Сөнки эшләп тапҡан байлыҡтары һәләк булды. Һәр кем сәсен, һаҡалын ҡырыр, Ҡулдарын йәрәхәтләр, биленә ҡыл туҡыма урар. Моавтың өй баштарында, Майҙандарында күмәкләп илашалар. «Моавты кәрәкһеҙ бер һауыт кеүек ваттым», – тип белдерә Раббы. «Селпәрәмә килде! Ҡайһылай илашалар. Оятҡа ҡалып артына боролдо!» Тирә-яғындағылар өсөн Мәсхәрә һәм дәһшәт өлгөһө булды Моав! Раббы былай ти: «Ҡара, дошман, бөркөт кеүек осоп, Моав өҫтөндә ҡанатын кирер. Ҡалалары баҫып алыныр, Ҡәлғәләре ҡулға төшөр. Ул көн Моав яугирҙәренең йөрәге Тулғаҡтан ғазапланған ҡатын йөрәге һымаҡ тулар. Моав халыҡтар араһынан юҡ ителер, Сөнки ул Раббы алдында эреләнде. Дәһшәт, соҡор һәм тоҙаҡ бар һеҙгә, Эй Моав халҡы! – тип белдерә Раббы. – Дәһшәттән ҡасҡан соҡорға төшөр, Соҡорҙан сыҡҡан тоҙаҡҡа эләгер. Сөнки Моавтың өҫтөнә Яза йылы килтерәм, – тип белдерә Раббы. – Хешбондың күләгәһендә Хәле бөтөп туҡтаны ҡасҡындар; Әммә Хешбондан – ут, Сихон араһынан ялҡын сыҡты; Моавтың сикәһен, Башбаштаҡ кешеләрҙең түбәһен ялмар. Башыңа бәлә килде, Моав! Илаһ Кемоштың халҡы юҡ булды, Улдарың һөргөнгә ебәрелде, Ҡыҙҙарың тотҡонлоҡҡа эләкте. Ләкин киләсәк көндәрҙә Моавҡа элекке мул, имен тормошон ҡайтарырмын», – тип белдерә Раббы. Йермеяһтың Моав тураһындағы пәйғәмбәрлек һүҙҙәре ошонда тамамлана. Ғаммон халҡы тураһында. Раббы былай ти: «Исраилдың улдары юҡмы әллә? Уның вариҫы юҡмы? Ни өсөн илаһ Милком Ғадты биләмәһе итеп алған? Ниңә уның халҡы Ғад ҡалаларында йәшәй? Шул арҡала, бына, шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – Ғаммондарҙың Рабба ҡалаһына ҡаршы Яу оранын яңғыратасаҡмын; Ул хараба өйөмөнә әйләнер, Эргәһендәге ауылдар яндырылыр; Исраил үҙенә хужа булғандарға хужа булыр, – ти Раббы. – Үкһе, Хешбон! Ғай ҡалаһы емерелде! Илағыҙ, эй Рабба ҡыҙҙары, ҡыл туҡымаға уранып, Һыҡтап, диуарҙар араһында йүгерекләгеҙ! Сөнки илаһығыҙ Милком һөргөнгә оҙатыласаҡ, Уның ҡаһиндары һәм түрәләр әсирлеккә алып кителәсәк. Ниңә уңдырышлы үҙәнеңә маҡтанаһың? Эй хыянатсыл Ғаммон-ҡыҙ! Байлығыңа ышанаһың, „Кем һуң миңә ҡаршы килһен?“ – тиһең. Ҡара, әйләнә-тирәңдән Өҫтөңә дәһшәт килтерәсәкмен, – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Хаким. – Һеҙҙең барығыҙҙы ҡыуаларҙар, Ҡасҡандарҙы йыйып алыусы булмаҫ. Әммә һуңынан Ғаммон халҡына элекке мул, имен тормоштарын ҡайтарырмын», – тип белдерә Раббы. Эдом тураһында. Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Теманда аҡыл эйәләре ҡалманымы ни? Белдеклеләр ниңә кәңәш итмәй? Аҡылдары әллә һайыҡҡанмы? Дедан халҡы, борол да ҡас! Йәшенә һал! Сөнки Ғаяз нәҫеленә яза бирер ваҡыт етте – Уның өҫтөнә афәт ебәрәм. Йөҙөм йыйыусылар килгән хәлдә лә, Бер аҙ йөҙөм ҡалдырмаҫ инеме ни? Төндә ҡараҡтар инһә лә, кәрәк тиклем генә алыр ине. Ә Мин Ғаязды шәп-шәрә сисендерәм, Йәшерен урындарын асып һалам: Бер ерҙә лә боҫоп ҡала алмаҫ. Балалары, туғандары, күршеләре һәләк булыр, Үҙенең дә ғүмере өҙөлөр. Етемдәреңде ҡалдыр, эй Эдом, Мин уларҙың ғүмерен һаҡлап ҡалырмын; Тол ҡатындарың да Миңә өмөтләнһен». Раббы былай ти: – Хатта был туҫтаҡтан эсергә тейеш булмағандар ҙа эскәндә, һиңә тейеш булып та, язаһыҙ ҡалмаҡсыһыңмы? Юҡ, һин язаһыҙ ҡалмаҫһың, ул көрәгәнән мотлаҡ эсерһең! Сөнки Үҙем менән ант итәм, – тип белдерә Раббы, – Босра ҡалаһы харабаға, ҡурҡыныс урынға әйләнер, хурлыҡҡа ҡалыр һәм ләғнәткә дусар булыр, эргә-тирәһендәге ҡалалар ҙа мәңгелек бушлыҡҡа әйләнер. Раббынан бер хәбәр алдым. «Тупланығыҙ ҙа Эдомға ҡаршы Һуғышҡа күтәрелегеҙ!» Быны әйтергә ҡәүемдәр араһына илсе ебәрелгән. «Ҡара, һине ҡәүемдәр араһында иң меҫкене итәм, Әҙәм мәсхәрәһенә ҡалдырам. Эй һин, торлағын ҡая ярыҡтарында һалған, Сәскән дәһшәтең менән йөрәгеңдең тәкәбберлеге алданы һине! Тау түбәләрен төйәк итһәң дә, Ояңды бөркөт кеүек юғарыға ҡорһаң да, Унан да һине бәреп төшөрөрмөн, – тип белдерә Раббы. – Эдом шом һала торған урынға әйләнер, уның янынан үткән-һүткән һәр кем, уның яраларынан ҡото алынып, һыҙғырып ҡуйыр. Содом менән Ғамора һәм уларҙың тирә-яғындағы ҡалалар нисек тар-мар ителгән, – ти Раббы, – унда ла һис кем йәшәмәҫ, әҙәм балаһы ул ерҙә төйәкләнмәҫ. Ана, Иордан буйындағы шырлыҡтан Һуғарылған көтөүлеккә сыҡҡан арыҫлан һымаҡ, Мин эдомдарҙы тиҙ ҡыуып ебәрермен. Уға Үҙем һайлағанды етәксе итеп ҡуйырмын. Кем Миңә тиңләшә ала? Миңә дәғүә ҡуйырлыҡ, Миңә ҡаршы торорлоҡ көтөүсе бармы? Шуға күрә Раббының Эдомға ҡаршы ниәтен тыңлағыҙ, Теманда йәшәүселәргә ҡаршы маҡсатын ишетегеҙ. Хаҡтыр: көтөүҙән бәрәстәрҙе һөйрәп алып китерҙәр, Раббы кешеләре арҡаһында Эдомдың көтөүлектәрен дә һәләк итер. Эдом гөрһөлдәп ауғандан ер тетрәп торор. Тауыштары Ҡамышлы диңгеҙе буйында ла ишетелер. Ҡара, дошман, бөркөт кеүек осоп, Босра өҫтөндә ҡанаттарын кирер. Ул көн Эдом яугирҙәренең йөрәге Тулғаҡтан ғазапланған ҡатын йөрәге һымаҡ тулар». Дамаск тураһында. «Хамаҫ менән Арпад аптырашта ҡалды, Сөнки яман хәбәр ишетеп, ебеп төштө. Тыныслана алмаған диңгеҙ кеүек, борсола улар. Дамасктың ҡото осто, Ҡасырға әҙерләнде, ҡурҡыуға бирелде, Тулғаҡ тотҡан ҡатын һымаҡ, ғазапҡа сорналды. Ни булды, шөһрәтле ҡала, Минең шатлығым ҡалаһы ташландыҡмы ни? Егеттәре майҙандарҙа ҡолап ятыр, Бөтә яугирҙәре ул көндө һәләк булыр, – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Дамаск диуарҙарына ут һалам, Бен-Һадад һарайҙарын ут ялмар». Бабил батшаһы Навуходоносор тарафынан ҡыйратылған Ҡыдар менән Хасор батшалыҡтары тураһында Раббы былай ти: «Ҡыдарға һуғыш менән барығыҙ! Шәреҡ халҡын юҡҡа сығарығыҙ! Уларҙың сатырҙарын һәм көтөүҙәрен, Сатыр шаршауҙарын, барлыҡ ҡаралдыһын, Дөйәләрен тартып аласаҡтар. „Тирә-яҡта – дәһшәт!“ – тип ҡысҡырасаҡтар. Тиҙерәк йүгерегеҙ! Йәшенегеҙ мәмерйәләргә, Хасорҙа йәшәүселәр! – тип белдерә Раббы. – Сөнки Бабил батшаһы Навуходоносор Һеҙҙең хаҡта бер фекергә килде, Һеҙгә ҡаршы ниәт ҡорҙо. Тороғоҙ, ҡайғыһыҙ, вайымһыҙ йәшәгән Ошо ҡәүемгә һөжүм итегеҙ, – тип белдерә Раббы. – Ҡапҡалары ла, арҡыры биктәре лә юҡ, Халҡы үҙ алдына йәшәй. Дөйәләре башҡаларға табыш булыр, Көтөү-көтөү малдары таланыр. Был сикә сәстәрен ҡырып йөрөгән әҙәмдәрҙе Һәр тарафҡа елгә һибәм, Һәр яҡтан баштарына бәлә ебәрәм, – тип белдерә Раббы. – Хасор сүл бүреләренә төйәк булыр, Мәңгелек бушлыҡҡа әйләнер. Унда бер кем дә йәшәмәҫ, Ул ерҙә әҙәм балаһы төйәкләнмәҫ». Йәһүҙәнең батшаһы Сидкияһ хакимлыҡ итә башлаған көндәрҙә Йермеяһ пәйғәмбәргә Ғелам тураһында Раббы һүҙе булды. Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Бына, Мин Ғеламдың йәйәһен, Ҡеүәтенең төп таянысын һындырам. Ғелам өҫтөнә күктең дүрт тарафынан дүрт ел күндерәм, Халҡын ошо ел менән сәсеп ебәрәм. Һөргөн киткән ғеламдар бармаған бер генә ҡәүем дә ҡалмаҫ. Дошмандарының алдында, Йәндәрен көҫәгәндәрҙең ҡаршыһында Ғеламды ҡурҡыуға һалам, – тип белдерә Раббы. – Уларҙың баштарына афәт, Ялҡынлы асыуымды күндерәм. Уларҙы тамам ҡырып бөткәнгә тиклем, Арттарынан ҡылыс ебәрәм. Тәхетемде Ғеламда ҡорам, Ғелам батшаһы менән түрәләрен юҡ итәм, – тип белдерә Раббы. – Әммә киләсәк көндәрҙә Ғеламға мул, имен тормошон кире ҡайтарам», – тип белдерә Раббы. Халдейҙар йәшәгән Бабил иле тураһында Йермеяһ пәйғәмбәргә Раббы һүҙе булды. «Белдерегеҙ ҡәүемдәргә, хәбәр ебәрегеҙ! Байраҡ күтәреп иғлан итегеҙ, Бер нәмә лә йәшермәгеҙ, еткерегеҙ: Бабил яулап алыныр, Бел оятҡа ҡалыр, Меродах селпәрәмә килер – Бабил боттары хур булыр, Ерәнгес һындары емерелер! Бабилға ҡаршы төньяҡтан Бер ҡәүем күтәрелде; Илдәрен улар бушлыҡҡа әйләндерер, Унда йәшәүселәр ҡалмаҫ, Кешеләр ҙә, йәнлектәр ҙә ҡасып китер. Ул көндәрҙә, ул замандарҙа, – тип белдерә Раббы, – Исраил халҡы һәм Йәһүҙә халҡы бергәләшеп килер, илай-илай йөрөп, Аллалары Раббыны эҙләр. Йөҙҙәрен Сионға табан бороп, Унда илткән юлды һорашырҙар. „Әйҙәгеҙ, Раббыға ҡайтайыҡ, Уның менән мәңгелек, Онотолмаҫлыҡ килешеү төҙөйөк“, – тиерҙәр. Халҡым Минең аҙашҡан һарыҡ кеүек ине. Көтөүселәре уны юлдан яҙҙырҙы, Тауҙар араһында таратып ебәрҙе. Улар тауҙан ҡалҡыулыҡҡа китте, Йәшәгән урындарын онотто. Уларҙы кем тапһа, шул ашаны. Дошмандары: „Беҙ ғәйепле түгел, Улар ғәҙеллек төйәге булған Раббы, Ата-бабаларының өмөтө булған Раббы ҡаршыһында гонаһ ҡылды“, – тине. Бабилдан ҡасығыҙ, Халдей еренән китегеҙ! Көтөү алдынан барған кәзә тәкәһеләй булығыҙ! Бына, Мин төньяҡтағы илдән Бабилға ҡаршы бөйөк ҡәүемдәрҙе йыйып килтерәм; Улар сафҡа теҙелеп килерҙәр, Төньяҡтан һөжүм итеп, Бабилды яулап алырҙар; Уҡтары мәргән яугирҙеке кеүек булыр – Һәр саҡ кәрәк ергә барып тейер. Халдей иле баҫҡынсыларҙың табышына әйләнер, Уны талағандар тамам туйыр, – тип белдерә Раббы. – Эй һеҙ, биләмәмде талаусылар! Ҡыуанып тантана итәһегеҙ, Болондағы башмаҡтай уйнаҡлайһығыҙ, Айғыр һымаҡ кешнәйһегеҙ. Әммә әсәйегеҙ оятҡа ҡалыр, Һеҙҙе тапҡандың йөҙө ҡыҙарыр. Халыҡтар араһында иң һуңғы, Ҡыу дала, ҡороп кипкән ер булыр. Раббының нәфрәте арҡаһында Бер кем дә йәшәмәҫ унда, буп-буш ҡалыр. Бабил аша үткән һәр кемдең ҡото алыныр, Уның яраларына аптырап һыҙғырып ҡуйыр. Бабилды уратып, сафҡа теҙелегеҙ, Эй һеҙ, ян керешен тартыусылар, Атығыҙ, уғығыҙҙы йәлләп тормағыҙ, Сөнки ул Раббыға ҡаршы гонаһ ҡылды. Һәр яҡтан уға ҡаршы оран һалығыҙ! Бабил ҡулға төштө: Манаралары ҡоланы, диуарҙары емерелде. Сөнки был – Раббының үсе: Уның ҡонон ҡайтарығыҙ, Үҙе нисек ҡыланһа, шулай эшләгеҙ. Бабилда сәсеүселәрҙе, Ураҡ ваҡытында ураҡсыны үлтерегеҙ; Баҫҡынсының ҡылысынан ҡурҡып, Һәр килмешәк үҙ халҡына ҡайтһын, Барыһы ла үҙ иленә ҡасһын. Исраил – таралған һарыҡ көтөүе ул; Уны арыҫландар баҫтырҙы. Тәүҙә уны Ашшур батшаһы ашаны, Унан Бабил батшаһы Навуходоносор һөйәктәрен кимерҙе». Шуға күрә Исраил Аллаһы Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Бына, Ашшур батшаһын нисек язалаған булһам, Бабил батшаһы менән илен дә шулай язалайым. Исраилды утлауына кире ҡайтарам. Ул Кармәлдә һәм Башанда утлар, Әфраим таулығында һәм Ғилғәдтә туйғансы ашар. Ул көндәрҙә һәм ул замандарҙа, – тип белдерә Раббы, – Исраилдың ғәйебен эҙләрҙәр, тик ул булмаҫ. Йәһүҙәнең гонаһтарын юлларҙар, әммә ул табылмаҫ. Сөнки Үҙем иҫән ҡалдырғандарымды ярлыҡармын». «Мераҫайим еренә, Пеҡодта йәшәгәндәргә һөжүм ит. Уларҙы үлтер, тотошлай ҡырып бөтөр, – тип белдерә Раббы. – Ни бойорһам, барыһын да үтә. Илдә һуғыш-ҡыйралыш ауаздары яңғырай! Бөтә донъяны емергән балға ине, Инде үҙе ватылды, емерелде! Бабил бар ҡәүемдәр араһында Ҡот осорғос нәмәгә әүерелде! Мин һиңә тоҙаҡ ҡорҙом, эй Бабил! Үҙең дә һиҙмәйенсә уға эләктең. Раббыға ҡаршы сыҡҡаның өсөн Һине таптылар, эләктереп алдылар». Раббы ҡорал келәтен асты, Асыуының ҡоралын сығарҙы, Сөнки Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Хакимдың Халдей ерендә ҡыласаҡ ғәмәле бар. Бабилға һәр яҡтан һөжүм итегеҙ; Келәттәрен шар асығыҙ; Мөлкәтен ашлыҡ һымаҡ өйөгөҙ. Уны тулыһынса юҡҡа сығарығыҙ, Бер нәмәһе лә ҡалмаһын. Бөтә үгеҙҙәрен боғаҙлағыҙ, Салыу урынына килтерегеҙ. Баштарына ҡайғы! Сөнки уларҙың көнө, яза мәле етте. Тыңлағыҙ! Аллабыҙ Раббының үс алыуын, Ҡорамы өсөн ҡон ҡайтарыуын Сионда иғлан итер өсөн Бабилдан ҡасып ҡотолоусыларҙың тауышы ишетелә! «Уҡсыларҙы, ян керешен киргәндәрҙе Һәммәһен саҡырығыҙ Бабилға ҡаршы. Уны уратып алһындар, ҡасып ҡотолғандар булмаһын. Ҡылғандарына күрә күрһәтегеҙ уға, Үҙе нимә эшләгән, шуны эшләгеҙ, Сөнки Раббыға – Исраилдың Изгеһенә ҡаршы Ул тәкәббер баш күтәрҙе. Шуға күрә егеттәре майҙандарҙа йығылып ҡалыр, Ул көн бөтә яугирҙәре һәләк булыр», – тип белдерә Раббы. «Ҡара, Мин ҡаршымын һиңә, Эй тәкәббер Бабил! – тип белдерә Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Сөнки һинең көнөң, Һине язалар ваҡытым етте. Тәкәббер һөрөнөп барып төшөр, Уны торғоҙоусы булмаҫ. Ҡалаларына ут һалам, Тирә-яғын үртәп юҡ итәсәк». Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Исраил да, Йәһүҙә халҡы ла иҙелә. Уларҙы тотҡонға алыусылар ҡаты тота, Һис тә ысҡындырырға теләмәй. Әммә уларҙың Йолоп алыусыһы ҡеүәтле, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы – Уның исеме. Үҙенең халҡын Ул мотлаҡ яҡлар, Илдәренә именлек килтерер, Бабилда йәшәүселәрҙең тыныслығын алыр. Халдейҙарға ҡаршы – ҡылыс! – тип белдерә Раббы. – Бабилда йәшәгәндәргә, Түрәләренә, аҡыл эйәләренә – ҡылыс! Ҡылыс ялған пәйғәмбәрҙәренә төшһөн! Ахмаҡлыҡтары ярылып ятһын. Ҡылыс һуғышсыларына төшһөн! Уларҙың ҡото алынһын. Ҡылыс аттарына, яу арбаларына, Килмешәктәрҙән торған ғәскәренә төшһөн! Уларҙы ҡурҡаҡ ҡатындар итһен! Хазиналарына ҡаршы ҡылыс килһен! Улар барыһы ла таланасаҡ. Һыуҙарына ҡоролоҡ килһен! Улар тотош кибеп бөтһөн! Сөнки Бабил – боттар иле, Халҡы ҡурҡыныс һындар арҡаһында Аҡылдан шашты. Шуға күрә унда ҡырағай хайуандар, Һыртландар, дөйәғоштар йәшәр, Быуындан-быуынға һис кем төйәкләнмәҫ. Содомды һәм Ғамораны Тирә-яғындағы ҡалалар менән Алла нисек тар-мар иткән, Унда ла һис кем йәшәмәҫ, Әҙәм балаһы ул ерҙә төйәкләнмәҫ, – тип белдерә Раббы. Ана, төньяҡтан бер халыҡ килә, Бөйөк ҡәүем һәм бик күп батшалар Ер сигенән күтәрелә. Ҡулдарында – йәйә, һөңгө; Улар аяуһыҙ һәм мәрхәмәтһеҙ. Тауыштары диңгеҙ олоуындай; Аттарҙа сабып киләләр, Бер кешеләй яуға теҙеләләр Һиңә ҡаршы һуғышырға, эй Бабил-ҡыҙ! Бабил батшаһы улар хаҡында хәбәр алды, Ҡулдары һәленеп төштө; Тулғаҡ тотҡан ҡатын кеүек, Әрнеү-ғазап йәнен өттө. Ана, Иордан буйындағы шырлыҡтан Һуғарылған көтөүлеккә сыҡҡан арыҫлан һымаҡ, Мин бабилдарҙы тиҙ ҡыуып ебәрермен. Уға Үҙем һайлағанды етәксе итеп ҡуйырмын. Кем Миңә тиңләшә ала? Миңә дәғүә ҡуйырлыҡ, Миңә ҡаршы торорлоҡ көтөүсе бармы?» Шуға күрә Раббының Бабилға ҡаршы ниәтен тыңлағыҙ. Халдей иленә ҡаршы маҡсатын ишетегеҙ. Хаҡтыр, көтөүҙән бәрәстәрҙе һөйрәп алып китерҙәр, Раббы кешеләре арҡаһында Бабилдың көтөүлектәрен дә һәләк итер. Бабил яулап алыныр, шауынан ер тетрәп торор. Иңрәүҙәре халыҡтар араһында ишетелер. Раббы былай ти: «Бына Мин Бабилда һәм Лев-Ҡамайҙа йәшәүселәргә ҡаршы Һәләкәтле ғәрәсәт ҡуптарам. Ашлыҡ елгәреүселәр күндерәм Бабилға, Уны елгәреп, ерен бушатырҙар. Ҡаза көнөндә һәр яҡтан уға ябырылырҙар. Уҡсы йәйәһен кирә алмаһын, Һарайтаһын кейеп өлгөрмәһен. Уның егеттәрен ҡыҙғанмағыҙ; Бар ғәскәрен ҡырып бөтөрөгөҙ. Үлтерелгәндәр – Халдей ерендә, Яралылар Бабил урамдарында ергә йығылыр. Исраилдың Изгеһе алдында Илдәре енәйәткә батҡан булһа ла, Аллалары Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Исраил һәм Йәһүҙә халҡын ташламаны. Бабилдан ҡасығыҙ! Һәр кем үҙ йәнен ҡотҡарһын! Уның гонаһы арҡаһында харап булмағыҙ, Сөнки был – Раббының үс алыу сәғәте, Ул Бабилдың ҡылғанының әжерен ҡайтарыр! Бабил – Раббы ҡулында бер алтын туҫтаҡ ине, Бөтә донъяны иҫертте ул Ҡәүемдәр уның шарабын эсте, Шул арҡала барыһы ла аҡылынан шашты. Ҡапыл төшөп селпәрәмә килде Бабил – Йәлләп уның өсөн йәш түгегеҙ! Яраларына бәлзәм һөртөгөҙ, Бәлки, уға дауа табылыр». «Дауаланыҡ беҙ Бабилды, әммә һауыҡманы. Ташлағыҙ уны, Һәр беребеҙ үҙ илебеҙгә ҡайтайыҡ. Сөнки уға сығарылған хөкөм күккә етте, Болоттарға тиклем күтәрелде». «Раббы беҙҙе аҡланы; Әйҙәгеҙ, Аллабыҙ Раббының был эшен Сионда иғлан итәйек!» Уҡтарығыҙҙы ослағыҙ! Һаҙаҡтарығыҙға тултырығыҙ! Раббы, Үҙенең ҡорамы өсөн үс алырға, Бабилды һәләк ҡылырға ниәт итеп, Мадай батшаларын Бабилға ҡаршы ҡуҙғатты. Бабил диуарҙары ҡаршыһында Байраҡ күтәрегеҙ! Һаҡсыларҙың һанын күбәйтегеҙ, Ҡарауылсылар ҡуйығыҙ, боҫҡон ҡороғоҙ! Сөнки Раббы Үҙенең ниәтен – Бабил халҡына ҡаршы әйткәнен бойомға ашырыр. Эй ағын һыуҙар буйында йәшәгәндәр, Бик мул хазиналары булғандар, Ахырығыҙ килде, ғүмер ебегеҙ өҙөлдө. Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙенең барлығы менән ант итте: «Һине саранча тубы баҫып алғандай, Дошман сиреүе менән тултырасаҡмын. Һиндә уларҙың еңеү ауаздары яңғырап торор». Раббы Үҙенең ҡөҙрәте менән ерҙе яратты, Аҡылы менән ғаләмде ҡорҙо, Зиһене менән күктәрҙе йәйҙе. Уның күкрәүенән күктәге һыуҙар шаулай; Ул ер сигенән болоттар күтәрә. Ямғыр өсөн йәшенен йәшнәтә, Келәттәренән елдәр сығара. Уның алдында бар әҙәм аҡылһыҙ һәм наҙан; Һәр көмөшсө боттары менән оятҡа ҡала, Яһаған һындары ялған, Уларҙың өнө-тыны юҡ. Һис файҙаһыҙ, көлкө нәмә улар, Язаланған мәлдә юҡҡа сығасаҡтар. Улар кеүек түгел Яҡуптың Өлөшө, Сөнки Ул – бөтәһен дә бар ҡылыусы. Ә Исраил халҡы – Уның биләмәһе, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы – Уның исеме! «Һин Бабил – суҡмарым Минең, яу ҡоралым: Һинең менән ҡәүемдәрҙе ҡырам, Һинең менән батшалыҡтарҙы емерәм. Һинең менән ат һәм һыбайлыны, Яу арбаһын һәм күсерен ялпаштырам; Һинең менән ирҙәрҙе һәм ҡатындарҙы, Һинең менән йәшен-ҡартын, Егеттәрҙе һәм ҡыҙҙарҙы Мин ҡыйратам; Һинең менән көтөүҙе һәм көтөүсене, Үгеҙҙәре менән бергә игенсене, Өлкә башлығын, ҡала хакимын тар-мар итәм. Бабилдан һәм бөтә халдейҙарҙан Сионға ҡылған бар золомдары өсөн Күҙ алдығыҙҙа үс аласаҡмын, – тип белдерә Раббы. – Эй Бабил, һәләк итеүсе тау, Мин һиңә ҡаршымын! – тип белдерә Раббы. – Эй бар донъяны һәләк итеүсе! Ҡулымды һиңә ҡаршы күтәреп Ҡаяларҙан аҫҡа тәгәрләтәм, Янып-көйгән тауға әйләндерәм. Һинән төҙөлөш өсөн мөйөш ташы ла, Нигеҙ ташы ла алмаҫтар, Һин мәңге бушлыҡ булып ҡалырһың», – тип белдерә Раббы. Ер йөҙөндә байраҡ күтәрегеҙ, Ҡәүемдәр араһында борғо ҡысҡыртығыҙ; Әҙерләгеҙ халыҡтарҙы, Арарат, Минни, Ашкеназ батшалыҡтарын Бабилға ҡаршы туплағыҙ. Башлыҡ тәғәйенләгеҙ ғәскәргә, Өҫтөнә саранча тубы кеүек аттар ебәрегеҙ. Ҡәүемдәрҙе – Мадай батшаларын, Өлкә, ҡалаларҙың башлыҡтарын, Уға буйһонған бөтә илдәрҙе Бабилға ҡаршы һуғышҡа әҙерләгеҙ! Ер тетрәй һәм ҡалтырана, Сөнки Раббының Бабилға ҡаршы ниәте – Кеше йәшәмәҫ төйәккә, бушлыҡҡа әйләндереү ниәте Тормошҡа аша. Бабил батырҙары һуғышыуҙан туҡтаны, Нығытмаларында боҫто. Көстәре бөттө уларҙың, Ҡурҡаҡ ҡатындар кеүек булдылар. Торлаҡтары – янғын ҡосағында, Ҡапҡа биктәре ватылды. Сапҡын артынан сапҡын елдерә, Илсе артынан илсе саба. Хәбәр тиҙерәк Бабил батшаһына барып етһен: «Ҡалабыҙ баҫып алынды, Кисеүҙәребеҙҙе ҡулға төшөрҙөләр, Нығытмаларыбыҙ – ут эсендә, Ягирҙәр ҡурҡыуға ҡалды!» Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Бабил-ҡыҙ көлтә һуҡҡан ырҙын табағына оҡшаған: Бына-бына уның ураҡ ваҡыты етер». «Бабил батшаһы Навуходоносор Ашаны беҙҙе, кимерҙе; Буш туҫтаҡҡа әйләндерҙе, Аждаһалай йотто; Рәхәтләнеп ҡорһағын тултырҙы, Шунан беҙҙе сығарып ташланы. Беҙ кисергән йәбер-золом Бабилдың башына төшһөн!» Шулай тиер Сион халҡы. «Түгелгән ҡаным өсөн халдейҙар язаланһын», – тиер Йәрүсәлим. Шуға күрә Раббы былай ти: «Инде дәғүәңде Үҙем ҡарармын, Һинең өсөн үс алырмын. Диңгеҙен ҡоротормон, Инештәрен киптерермен. Бабил таштар өйөмөнә, Сүл бүреләренең төйәгенә, Ҡот осорғос бер урынға, Кеше йәшәмәҫ ергә, мәсхәрәгә әйләнер. Халҡы бергәләп арыҫландай үкерер; Арыҫлан балаһылай ырылдар. Әммә улар ҡыҙышып киткәс, Табын ҡорормон, иҫертермен, Әйҙә, кәйефләнһендәр, Мәңгелек йоҡоға талһындар ҙа Башҡа уянмаһындар, – тип белдерә Раббы. – Мин уларҙы һарыҡ бәрәселәй, Кәзә-һарыҡ тәкәләреләй салырға алып китермен. Шешах тар-мар ителде, Бөтә донъяның даны яуланды! Бабил ҡәүемдәрҙең араһында Дәһшәткә һалыр урынға әүерелде! Бабилды диңгеҙ баҫты, Шаулы тулҡындар уны ҡапланы. Ҡалалары харабаға, Ҡоро тупраҡ, сүллеккә әйләнде. Инде унда бер кем дә йәшәмәй, Һис кемдең аяғы баҫмай. Бабил илаһы Белды язалайым, Йотҡандарын ауыҙынан тартып алам. Ҡәүемдәр башҡа уға ағылмаҫ, Бабилдың диуарҙары йығылыр. Унан сыға һал, халҡым! Раббының ялҡынлы асыуынан Һәр берегеҙ йәнегеҙҙе ҡотҡарығыҙ! Йөрәгегеҙ ҡалтырап төшмәһен, Ерҙә йөрөгән хәбәрҙәрҙән ҡурҡмағыҙ, Бер йыл бер хәбәр килер, киләһе йылға – икенсе. „Аяуһыҙлыҡ ерҙә хөкөм һөрә, Хаким хакимға ябырыла!“ Бына шундай көндәр етер, Бабилдың боттарын язалармын; Бөтә ере хурлыҡҡа ҡалыр, Үлтерелгәндәре унда аунап ятыр. Күк, ер һәм ундағы бар нәмә ҡыуанып гөрләшер, Сөнки Бабилдың өҫтөнә төньяҡтан емереүселәр килә, – тип белдерә Раббы. – Эй Исраилдың үлтерелгәндәре! Бөтөн ерҙә Бабил үлтергәндәр нисек ҡолаһа, Бабил үҙе лә шулай уҡ ҡолар. Ҡылыстан ҡотолғандар, ҡасығыҙ, туҡтамағыҙ! Алыҫ илдә лә Раббыны онотмағыҙ, Йәрүсәлим күңел түрегеҙҙә булһын». «Мыҫҡыл ишетәбеҙ, оятҡа ҡалдыҡ, Йөҙөбөҙгә сәркеү яғылды, Сөнки яттар Раббы ҡорамының Изге урындарына инде». «Бына шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – Мин Бабил боттарын язалармын. Бөтә ерҙә яралылар ыңғырашыр. Бабил хатта күккә олғашһа ла, Бейек ҡәлғәләрен нығытһа ла, Минән уға ҡыйратыусылар киләсәк», – тип белдерә Раббы. Бабилдан һыҡтап илаған тауыш ишетелә, Халдей ерендә – оло ҡыйралыш! Сөнки Раббы Бабилды һәләк ҡылыр, Ундағы тәкәббер ауаздарҙы юҡ итер. Дошмандары ташҡын һымаҡ шаулар, Геүләүҙәре яңғырап торор. Бабилға һәләк итеүсе килер, Һуғышсылары әсиргә төшөр, йәйәләре һыныр; Сөнки Раббы – ҡон ҡайтарыусы Алла, Әжерен ҡылғанына күрә бирер. «Бабил түрәләрен, аҡыл эйәләрен, Өлкә, ҡала башлыҡтарын, Һуғышсыларын иҫерткәнсе эсерәм. Улар мәңгелек йоҡоға талыр һәм бүтән уянмаҫ», – тип белдерә исеме Күк ғәскәрҙәре Раббыһы булған Батша. Былай ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы: «Бабилдың ҡалын диуарҙары нигеҙенә тиклем емерелер. Бейек ҡапҡалары утта яндырылыр. Бушҡа ғына көс түкте халыҡтар, Ҡәүемдәр тик юҡҡа яфа сиккән, Хеҙмәттәре утта янып бөткән». Йәһүҙә батшаһы Сидкияһ, хакимлығының дүртенсе йылында, Бабилға сәфәргә йыйынды. Йермеяһ пәйғәмбәр Сидкияһты оҙата барған баш хеҙмәтсе Махсеяһ улы Нерияһтан тыуған Сераяһҡа йомош ҡушты. Йермеяһ Бабилға киләсәк барлыҡ бәләләрҙе, Бабил хаҡындағы ошо һүҙҙәрҙең барыһын да төргәк китапҡа теркәне. Шунан Йермеяһ Сераяһҡа: – Ҡара уны, Бабилға барғас, ошонда яҙылғандарҙың барыһын да уҡы ла әйт: «Эй Раббым! Һин был ил тураһында: Уны тотош юҡ итәсәкмен. Бында кеше лә, мал-тыуар ҙа ҡалмаҫ. Ул мәңгегә бушлыҡ булыр, – тинең». Был төргәкте уҡып бөткәс, уға таш бәйләп Евфраттың уртаһына ырғыт. Шунан былай тип әйт: «Бабил ошолай батыр һәм Раббы уға ебәргән һәләкәттән бүтәнсә ҡалҡа алмаҫ, бөтөнләй хәлдән тайыр». Ошо урында Йермеяһтың һөйләгәндәре тамамлана. Тәхеткә ултырғанда Сидкияһҡа егерме бер йәш ине. Ул Йәрүсәлимдә ун бер йыл батшалыҡ итте. Әсәһе Хамутал Ливна ҡалаһынан Йермеяһтың ҡыҙы ине. Сидкияһ та, Йеһояҡим кеүек үк, Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла. Раббы Йәрүсәлим менән Йәһүҙәгә шул тиклем ныҡ асыулы ине, уларҙы Үҙенең хозурынан алып бырғаны. Сидкияһ Бабил батшаһына ҡаршы баш күтәрҙе. Сидкияһ хакимлығының туғыҙынсы йылында, унынсы айҙың унынсы көнөндә Бабил батшаһы Навуходоносор, бөтә ғәскәре менән килеп, Йәрүсәлимдең әйләнәһенә туплам булып урынлашты һәм уратып уба ҡорҙо. Ҡала Сидкияһ батша хакимлығының ун беренсе йылына тиклем ҡамауҙа булды. Дүртенсе айҙың туғыҙынсы көнөнә ҡалала аслыҡ шул тиклем көсәйҙе, халыҡтың бер тәғәм ризығы ла ҡалманы. Шул көндө дошман ҡала диуарының бер урынын емерҙе. Халдейҙар ҡаланы һәр яҡтан ҡамауҙа тотһалар ҙа, Йәһүҙә батшаһы яугирҙәре менән бергә ҡасып китте. Улар төндә батша баҡсаһының эргәһендә ике диуар араһындағы ҡапҡанан сыҡтылар ҙа Ғарава юлынан киттеләр. Халдейҙар ғәскәре Сидкияһ батша артынан төштө һәм уны Йерихо тигеҙлегендә ҡыуып етте. Бөтә ғәскәр батшаны ташлап ҡасып бөттө. Батшаны әсиргә алып, Хамаҫ ерендәге Ривлаға Бабил батшаһына килтерҙеләр һәм Навуходоносор уға хөкөм сығарҙы. Бабил батшаһы Ривлала Сидкияһтың күҙ алдында улдарын, шулай уҡ Йәһүҙәнең бөтә түрәләрен сәнсеп үлтертте. Сидкияһтың күҙен һуҡырайтты һәм, баҡыр бығау кейҙереп, Бабилға алып китте. Сидкияһ үлгән көнөнә тиклем зинданда тотолдо. Навуходоносор батша хакимлығының ун туғыҙынсы йылында, бишенсе айҙың унынсы көнөндә Бабил батшаһының хеҙмәтсеһе, нөгәрҙәр башлығы Невузарадан Йәрүсәлимгә инде. Ул Раббы ҡорамын, батша һарайын, Йәрүсәлимдәге йорттарҙы – бөтә ҙур биналарҙы – яндырып бөтөрҙө. Нөгәрҙәр башлығы етәкселегендә халдейҙар ғәскәре Йәрүсәлимде уратып алған диуарҙарҙы емерҙе. Ярлыларҙың ҡайһы берәүҙәрен, ҡалала иҫән ҡалған кешеләрҙе, Бабил батшаһы яғына күскәндәрҙе һәм ҡалған һөнәрселәрҙе Невузарадан һөргөнгә оҙатты. Йөҙөм баҡсаларында һәм баҫыуҙарҙа эшләр өсөн бер ни тиклем ярлыларҙы ғына ҡалдырҙы. Халдейҙар, Раббы ҡорамындағы баҡыр бағаналарҙы, таяуҙарҙы, баҡыр диңгеҙҙе киҫәктәргә тураҡлап, барлыҡ баҡырын Бабилға оҙаттылар. Улар ҡаҙандарҙы, көрәктәрҙе, филтә таҙартҡыстарҙы, сеүәтәләрҙе, табаҡтарҙы, ғөмүмән, ҡорамдағы ғибәҙәт хеҙмәтендә ҡулланылған барлыҡ баҡыр һауыттарҙы алды. Тастарҙы, күмер сүлмәктәрен, сеүәтәләрҙе, ҡаҙандарҙы, шәмдәлдәрҙе, хуш еҫ төтәҫләгестәрҙе, түкмә ҡорбандар өсөн һауыттарҙы, алтындан һәм көмөштән ҡойолған әйберҙәрҙе нөгәрҙәр башлығы алып китте. Раббы ҡорамы өсөн Сөләймән батша яһатҡан ике бағана, баҡыр диңгеҙ һәм уны тотоп торған ун ике үгеҙ рәүешендәге таяуҙарға килгәндә, улар өсөн тотонолған баҡыр үлсәп бөтөрөрлөк түгел ине. Һәр бағананың бейеклеге – ун һигеҙ, әйләнә оҙонлоғо ун ике терһәк булып, дүрт бармаҡ ҡалынлығындағы баҡырҙан эшләнгән был бағаналарҙың эстәре ҡыуыш ине. Остарында баҡыр таж бар. Таждың бейеклеге биш терһәк ине. Таж тирәләй ҡуйылған селтәр ҙә, анар емештәре лә баҡырҙан ҡойолғайны. Анар емештәре менән биҙәлгән икенсе бағана ла беренсеһенә оҡшағайны. Һәр бағана тирәләй туҡһан алты анар емеше булып, селтәрҙе уратҡан анарҙарҙың бөтәһе йөҙ дана ине. Нөгәрҙәр башлығы баш ҡаһин Сераяһты, ҡаһин ярҙамсыһы Сефанъяһты, өс тупһа һаҡсыһын әсиргә алды. Ҡалала тороп ҡалған яугирҙәрҙең башлығын, батшаның ете кәңәшсеһен, ил халҡын ғәскәри хеҙмәткә теркәгән хәрби баш кәтипте һәм ҡалала ҡалған халыҡтан алтмыш кешене үҙе менән алып китте. Нөгәрҙәр башлығы Невузарадан уларҙың барыһын да Ривлаға Бабил батшаһына алып барҙы. Бабил батшаһы уларҙы Хамаҫ ерендәге Ривлала язалап үлтерҙе. Шулай итеп, Йәһүҙә халҡы үҙ төйәгенән һөргөнгә ҡыуылды. Бабил батшаһы һөргөнгә ҡыуып алып киткән кешеләрҙең иҫәбе түбәндәгесә: Навуходоносор хакимлығының етенсе йылда өс мең егерме өс йәһүҙи, ун һигеҙенсе йылында – Йәрүсәлимдән һигеҙ йөҙ утыҙ ике кеше; егерме өсөнсө йылында нөгәрҙәр башлығы Невузарадан тарафынан ете йөҙ ҡырҡ биш йәһүҙи һөргөнгә алып кителде. Һөргөнгә ҡыуылған халыҡ йәмғеһе дүрт мең алты йөҙ кеше ине. Йәһүҙә батшаһы Йеһояхин Бабилға һөргөнгә ебәрелеүенең утыҙ етенсе йылында Бабил тәхетенә Әуил-Меродах ултырҙы. Шул йылдың ун икенсе айының егерме бишенсе көнөндә Әуил-Меродах, Йәһүҙә батшаһы Йеһояхинға мәрхәмәт күрһәтеп, зиндандан азат итте. Уның менән миһырбанлы һөйләште, Бабилда булған башҡа батшаларға ҡарағанда юғарыраҡ урынға ултыртты. Йеһояхин зиндан кейемдәрен алмаштырҙы, ошо көндән алып ғүмеренең аҙағына тиклем батша менән бер табындан ашаны. Вафат булғанға тиклем уға Бабил батшаһы тарафынан йәшәү өсөн кәрәк-яраҡ көн һайын бирелә килде. Хисапһыҙ күп халҡы булған ҡала Япа-яңғыҙ ташлап ҡалдырылған! Ҡәүемдәр араһында бөйөк һаналған Инде тол ҡатынға оҡшаш. Өлкәләр араһында батшабикә булған Был ҡала ҡоллоҡҡа төшкән. Төн оҙоно әрнеп-әрнеп илай, Күҙ йәштәре йыуа яңаҡтарын. Уйнаштары араһында йыуатыусы һис берәү юҡ, Дуҫтары уға хыянат итте, дошман булды. Ауыр ҡоллоҡ, ғазап сиккән Йәһүҙә Инде һөргөнгә ҡыуылды. Ят ҡәүемдәр араһында төйәкләнде, Тик унда ла тынғылыҡ тапманы. Хәсрәт уртаһында уны Эҙәрләүселәре ҡыуып тотто. Сионға илткән юлдар йәш түгә: Инде байрамдарға килеүсе юҡ, Бөтә ҡапҡалары бушап ҡалды. Уның ҡаһиндары ыңғыраша, ҡыҙҙары – ҡайғыла, Үҙе лә ғазап эсендә Йәрүсәлим. Дошмандары уға башлыҡ булды, Уны иҙеүселәр рәхәтләнә; Сөнки Раббы гонаһтары хаттин ашҡан өсөн Сионды ғазапҡа дусар итте, Балаларын әсирлеккә дошман ҡыуып алып китте. Сион-ҡыҙҙың барлыҡ күркәмлеге юҡҡа сыҡты. Юлбашсылары утлау тапмаған болан һымаҡ, Хәлдән тайып ҡаса, Аусы уларҙы ҡыуып етә. Афәтле, ҡаңғырып йөрөгән көндәрендә Әүәлге байлыҡ-зиннәтен иҫкә ала Йәрүсәлим. Халҡы дошман ҡулына эләккәс, Уға ярҙам итеүсе булманы. Уны күрә алмағандар тамаша ҡылып, Еңелеүенән көлдөләр генә. Оло гонаһ ҡылды Йәрүсәлим, Шул арҡала үҙен нәжескә батырҙы. Элек хөрмәт иткәндәр һәммәһе Инде уға мыҫҡыл итеп ҡарай, Сөнки уның яланғаслығын күрҙеләр. Ул үҙе лә ауыр һулай, Ситкә боролоп, йөҙөн йәшерә. Итәгенә нәжес йәбешһә лә, Киләсәге тураһында уйламаны. Шуға күрә ҡолауы ҡурҡыныс булды, Йыуатыусыһы юҡ. Һыҡтай: «Йә Раббы, күр ғазабымды; Дошманым тантана итә!» Хазина-байлығын талар өсөн, Дошман ҡулын һонған. Ят ҡәүемдәрҙең Изге торлаҡҡа, Һин, Раббы, яттарға аяҡ баҫырға тыйған, Йыйыныма кермәһендәр, тип бойорған, Мөҡәддәс урынға ингәндәрен күрә. Илай-һыҡтай халҡы икмәк эҙләй, Йән аҫырар тәғәм өсөн хазинаһын бирә. «Йә Раббы, баҡ, хәлемде күр, Ни ҡәҙәрле хурлыҡҡа төштөм мин. Эй һеҙ, үтеп барыусылар, ҡарағыҙ! Күҙ һалығыҙ ҙа күрегеҙ, Миңә бирелгән ғазаптай бармы тағын? Бына ниҙәр ҡылды миңә Раббы Асыуы ялҡынлаған көнөндә. Юғарынан ут яуҙырҙы – Елегемә тиклем үтеп инде. Ау ташланы – аяҡтарым тышауланды; Мине кире боролорға мәжбүр итте. Мине көндәр буйы ғазап ҡосағында Япа-яңғыҙ торғоҙоп ҡалдырҙы. Енәйәттәремде ҡалып итте, Бер-береһенә бәйләп, муйынға һалды. Бөйөк Хаким бөтөнләй тәҡәтемдән яҙҙырҙы, Мин ҡаршы тора алмаҫлыҡтарҙың ҡулына тапшырҙы. Диуарҙарым эсендәге ҡаһармандарымды – Һәммәһен дә бөйөк Хаким ситкә типте. Йәш егеттәремде ҡырыр өсөн, Миңә ҡаршы ғәскәр йыйҙы. Бөйөк Хаким ғиффәтле ҡыҙ Йәһүҙәне Йөҙөм иҙгән һымаҡ тапаланы. Шуларҙы уйлап илайым, Күҙҙәремдән, күҙҙәремдән минең Туҡтауһыҙ ҡан-йәшем аға; Рухымды тергеҙер йыуатыусым алыҫ. Балаларым ташландыҡ ҡалды, Сөнки дошман өҫтөнлөккә сыҡты». Мәрхәмәт ялбарып, Сион ҡулын һуҙа, Ләкин уның йыуатыусыһы юҡ. Раббы бойороҡ бирҙе – дошмандары Яҡупты уратып алды. Йәрүсәлим улар уртаһында Ерәнгес бер нәмә һымаҡ ҡалды. «Раббы хаҡлы, – ти Йәрүсәлим. – Мин бит Уның әйткәненә ҡаршы килдем. Инде тыңлағыҙ, халыҡтар, Минең ғазабымды күрегеҙ – Еткән ҡыҙҙарым, егеттәрем әсиргә китте. Мин уйнаштарымды ярҙамға саҡырҙым – Улар иһә алданылар. Йәнде һаҡлар өсөн икмәк эҙләгәндә, Ҡаһиндарым һәм аҡһаҡалдарым Ҡала эсендә үлеп ҡалдылар. Сиккән михнәттәремде күрһәңсе, Раббым. Эсем яна, йөрәгем ҡанһырай, Сөнки мин үтә фетнәсел булдым. Ана, тышта ҡылыс ҡыра, Өй эсендә әжәл хөкөм һөрә. Минең ыңғырашыуымды ишетәләр, Әммә йыуатыусым табылманы. Дошмандарым ишетте өҫтөмә килгән ҡазаны, Күрә лә һөйөнә уларҙы Һин ебәргәнгә. Бына, Һин алдан иғлан иткән көн килде! Тик улар ҙа минең хәлгә төшһөн ине! Уларҙың бөтә был яуызлыҡтарына ҡара, Гонаһтарым арҡаһында нисек язаланһам, Улар ҙа шулай әрнеһен. Ыңғырашыуҙарым ауыр минең, Йөрәгемдән ҡан һарҡыла». Ана бөйөк Хаким асыуынан Сион-ҡыҙҙы Һәр тарафтан болот менән ҡапланы! Исраилдың данын күктән ергә быраҡтырҙы, Аяҡтары аҫтындағы баҫҡысты Асыулы көнөндә хәтеренә төшөрмәне. Яҡуп нәҫеле йәшәгән һәр төйәкте Йәлләмәне бөйөк Хаким – һәләк итте. Асыуынан Йәһүҙә-ҡыҙҙың ҡәлғәләрен емерҙе, Батшалыҡты, хакимдарын мәсхәрәләп ергә йыҡты. Ярһып, Исраилдың көс-мөгөҙөн һындырҙы. Дошман алдында уң ҡулын уларҙың өҫтөнән алды. Тирә-яҡты ялмап йотҡан уттай, Яҡуп нәҫелен яндырҙы. Дошман һымаҡ Ул йәйәһен кирҙе, Уң ҡулын атырға әҙер тотто. Күҙҙе һөйөндөргән бар нәмәне Дошман яуы һымаҡ һәләк итте. Асыуын Сион-ҡыҙ сатырына ут һымаҡ түкте. Бөйөк Хаким, дошманға әйләнеп, Исраилды һәләк итте; Бөтә һарайҙарын харабаға әйләндерҙе, Барлыҡ ҡәлғәләрен емерҙе. Йәһүҙә-ҡыҙҙың ҡайғыһын арттырҙы. Баҡсалағы ҡыуышты боҙоп ташлаған һымаҡ, Раббы Үҙенең торлағын емерҙе, Беҙ Уға ғибәҙәт ҡылырға йыйылған урынды вайран итте. Раббы Сионда байрам һәм шәмбеләрҙе онотторҙо; Ярһыу менән батшаны ла, ҡаһинды ла ситкә типте. Бөйөк Хаким Үҙенең ҡорбан усағынан ваз кисте, Изге торлағынан баш тартты. Сион һарайҙарын уратҡан диуарҙарҙы Дошман ҡулына тапшырҙы – Улар хәҙер байрамдағы һымаҡ, Раббы йортонда шау-гөр киләләр. Раббы Сион-ҡыҙҙың диуарҙарын емерергә ҡарар ҡылды: Үлсәү ебен һуҙҙы, емереүҙән ҡулын тыйманы. Инде нығытма, диуарҙар һыҡтай, Барыһы ла харап булып ята. Ҡапҡалары ергә батып керҙе, Раббы арҡыры биктәрен ҡырып һалды; Батша менән түрәләрен Ят ҡәүемдәр араһына таратты. Ҡанун өйрәтелмәй; пәйғәмбәрҙәренә Раббынан күренмеш килмәй. Баштарына саң һипкән, ҡыл кейем кейгән Сион ҡарттары өнһөҙ-тынһыҙ ерҙә ултыра; Йәрүсәлим ҡыҙҙары баштарын ергә эйгән. Илай-илай күҙҙәремдең нуры бөттө, Ғазаптан туҡтауһыҙ эсем яна, Ғәзиз халҡым ҡырылғанға йөрәгем ҡанһырай. Ана, ҡаланың майҙандарында Балалар менән имсәк сабыйҙар Аслыҡтан һушһыҙ ята! Ҡала урамдарында, яралыларҙай хәлһеҙләнеп, Әсәләре ҡосағында йән биргәндә: «Ҡайҙа ашарға, эсергә?» – тип һорайҙар. Һиңә нимә тип әйтәйем, эй Йәрүсәлим-ҡыҙ? Һине нимә менән сағыштырайым? Йыуатыр өсөн кемгә тиңләйем, ғиффәтле ҡыҙ Сион? Йәрәхәтең диңгеҙ һымаҡ тәрән, Кем генә һине дауалай алыр? Пәйғәмбәрҙәрең һинең өсөн буш һәм ялған күренмештәр күрҙе. Һиңә имен тормошто ҡайтарыр өсөн, Ғәйебеңде улар фашламаны, Ул пәйғәмбәрҙәр һине юлдан яҙҙырҙы, Һиңә ялған хәбәрҙәр еткерҙе. Яныңдан үткәндәр бот сабып аптырар, Мыҫҡыллап һыҙғырып ҡуйыр: «Бөтә донъяның шатлығы, Гүзәллек өлгөһө булған ҡала ошомо?» – тип, Йәрүсәлим-ҡыҙға ҡарап башын сайҡар. Бөтә дошмандарың һине мәсхәрәләп көлә, Һыҙғыра, тештәрен шығырлата: «Уны йоттоҡ, ошо көндө күптән көтә инек, Ахырҙа беҙ уны күрҙек!» – тиҙәр. Раббы, ниһайәт, ниәтен ғәмәл ҡылды. Борон замандарҙа бойорғанын бойомға ашырҙы – Һине ҡыҙғанмай емерҙе. Дошмандарыңды хәлеңә ҡыуандырҙы, Һине күрә алмағандарҙың көсөн арттырҙы. Халыҡ бөйөк Хакимға бөтә йөрәктән ялбара! Эй Сион-ҡыҙ диуарҙары, Йәшең йылға булып аҡһын, Тынма көн-төн, күҙеңә йоҡо ҡунмаһын. Тор, төндәр буйы, һаҡ алышынған һайын инәлеп һора, Бөйөк Хаким ҡаршыһында хәсрәт-ҡайғыңды түк; Ҡулыңды һон, балаларыңдың иҫән ҡалыуын ялбар, Улар урам саттарында аслыҡтан һушһыҙ йығыла. «Эй Раббы, ҡарап күрһәнә! Быға тиклем кемгә шулай ҡылғаның бар? Ҡатындар үҙҙәре тапҡан сабыйҙарын, Үҙҙәре үҫтергән балаларын ашаһынмы? Раббы Хакимдың Изге торлағында Ҡаһин менән пәйғәмбәр үлтерелһенме? Балалар менән ҡарттарҙың мәйеттәре Урамдарҙа саңға батып ята; Егет-ҡыҙҙарым ҡылыстан үткәрелгән. Асыуланған көнөңдә уларҙы Һин үлтерҙең, Ҡыҙғанмай салып ташланың. Байрамға ҡунаҡ саҡырған кеүек, Мине дәһшәткә һалғандарҙы йыйнаның һәр тарафтан. Раббының асыу көнөндә ҡасып ҡотолғандар, Иҫән ҡалғандар булманы. Табып үҫтергән балаларымды Дошманым ҡырып бөтөрҙө». Раббының асыу таяғын татып, Ғазап сиккән әҙәммен мин. Ул мине ҡыуалап алып китте, Яҡтыла түгел, дөм ҡараңғыла йөрөттө. Эйе, Ул миңә ҡулын күтәрҙе, Көн оҙоно, туҡтауһыҙ язалай. Тәнем менән тиремде туҙҙырҙы, Һөйәктәремде онтаны. Һәр яғымдан ғазап менән ҡоймаланы, Әрнеү менән солғап алды. Мәжбүр итте дөм ҡараңғыла йәшәргә, Оҡшап ҡалдым әллә ҡасан үлгән әҙәмгә. Сыҡмаһын тип, диуар менән әйләндереп алды, Ауыр бығауҙар кейҙерҙе. Ярҙам һорап күпме ялбарһам да, Доғама ҡолаҡ һалманы. Юлымды дәү таштар менән томаланы, Һуҡмағымдан аҙаштырҙы. Ул мине айыу һымаҡ һағалап торҙо, Арыҫландай аңдып ятты. Барған юлымдан һөйрәп сығарып, Ботарлап ырғытты яңғыҙымды. Раббы йәйәһен кирҙе, Мине уғына сәп итеп ҡуйҙы. Һаҙағынан уғын алып, Бөйөрөмдө тишә атты. Барса халҡым алдында көлкөгә ҡалдым, Таҡмаҡ әйтеп, көн оҙоно мыҫҡыллайҙар. Алҡынғанса әсе үлән ашатты, Зәһәр әрем һыуы эсерҙе. Таш кимертеп, тештәремде һындырҙы, Ул мине көлгә һалып тапаны. Йәнемдән тынғылыҡ ҡасты, Бәхет барлығын оноттом. Әйттем: «Инде түҙемлегем бөттө! Раббыға өмөтөм өҙөлдө». Кисергән ғазаптарымды, Ҡаңғырып йөрөүҙәремде иҫеңә алһаңсы, Улар әрем һымаҡ әсе, үттән ҡырҡыу. Гел шуларҙы уйлайым да, Шуға төшөнкө күңелем. Әммә ошоларҙы хәтерләһәм, Өмөтөм ҡабат яңыра: Раббының тоғро мөхәббәте арҡаһында, юҡҡа сыҡманыҡ, Уның мәрхәмәте бөтмәҫ-төкәнмәҫлек; Улар һәр иртә һайын яңыра. Һинең тоғролоғоң бөйөк, Раббым! Үҙ-үҙемә әйтәм: «Раббы – минең насибым, Шуға күрә Раббыға өмөт бағлайым». Раббы Үҙенә ышанғандарға, Уны эҙләгән йәндәргә игелекле. Раббының ҡотҡарыуын Сабырлыҡ менән көтөү ул – яҡшы. Раббыға буйһоноу ҡалыбын Йәштән үк кейеү ул – яҡшы. Ултырһын яңғыҙ тын ғына, Сөнки был Раббы һалған йөк. Баш баҫып ергә ҡапланһын – Бәлки әле өмөт барҙыр. Һуҡҡанға яңағын ҡуйһын, Әйҙә туйғансы хурланһын. Бөйөк Хаким мәңгелеккә ташламай ул! Ҡайғы-хәсрәт биргән икән, Тоғро мөхәббәтенә күрә мәрхәмәт бирер. Әҙәм балаларына ҡайғы-хәсрәтте Үҙе теләгәндән бирмәй бит ул. Ерҙәге бөтә әсирҙәрҙең Аяҡ аҫтарында тапалғанын, Юғарыларҙан Юғарының күҙе алдында Кеше хоҡуҡтары боҙолғанын, Ғәҙел хөкөмдән мәхрүм ҡалыуын Бөйөк Хаким әллә күрмәй тиһегеҙме? Әгәр бөйөк Хаким бойормаһа, Кемдең әйткәне тормошҡа ашыр? Яҡшыһы ла, насары ла Юғарыларҙан Юғары ихтыярында түгелме ни? Язаны үҙ гонаһтары өсөн алғас, Әҙәм балаһына ниңә һыҡтарға? Йөрөгән юлдарыбыҙҙы һынайыҡ та, Раббыбыҙға боролоп ҡайтайыҡ. Күктәге Аллаға ҡулдарыбыҙҙы һуҙғанда, Йөрәгебеҙҙе лә һонайыҡ: Беҙ гонаһ ҡылдыҡ һәм баш күтәрҙек, Һин беҙҙе ғәфү итмәнең! Нәфрәт утыңа төрөнөп, Беҙҙе баҫтырҙың, үлтерҙең, ҡыҙғанманың. Доғаларыбыҙ барып етмәһен өсөн, Болоттар менән ҡапландың. Халыҡтар араһында Һин беҙҙе Ерәнгес нәжес иттең. Барлыҡ дошмандарыбыҙ Беҙҙе йоторға боғаҙ кирҙе. Өлөшөбөҙ – дәһшәт менән соҡор, Ҡырғын да һәләкәт хәҙер. Ҡырылған ғәзиз халҡым өсөн ҡайғырып, Күҙҙәремдән йылға булып йәшем аға. Бер өҙлөкһөҙ йәшем аға, Күҙҙәрем туҡтамай илар инде, Күктән бағып Раббы ошоларҙы күргәнгәсә. Ҡалам ҡыҙҙарының яҙмышын күреп, Йөрәк-бәғерем теленә минең. Бер нахаҡҡа дошмандарым Мине гүйә бер ҡош һымаҡ аулай. Соҡорға ташлап, йәнемде алмаҡ булды, Өҫтөмә таштар ырғытты. Һыуҙар башымдан ашты, Мин: «Бөттөм», – тинем. Йә Раббы, исемең менән Соҡор төбөнән Һине саҡырҙым. «Ярҙам һорап ялбарыуыма минең, Ҡолағыңды томалама», – тинем. Һин мине ишеттең. Саҡырған сағымда яҡын килеп, «Ҡурҡма!» – тип тынысландырҙың. Эй бөйөк Хакимым, минең дәғүәмде яҡланың, Ғүмеремде йолоп алдың. Миңә ҡылынған хаҡһыҙлыҡты күрҙең, Раббым, Дәғүәмә хаҡ хөкөмөңдө сығар. Дошмандарымдың ни тиклем үсле булыуын, Миңә ҡаршы мәкер ҡорғанын күрәһең. Уларҙың мине әрләүен, Миңә ҡаршы насар ниәттәрен, Көнө буйы бышылдашҡандарын, Яла яҡҡандарын ишетеп тораһың. Ҡара: улар ултырһа ла, торһа ла, Мине мыҫҡыл итеп таҡмаҡ йырлай. Ҡылған эштәренең ҡонон ҡайтар, Раббым. Йөрәктәренә ауыр ҡайғы һал, Баштарына ҡарғыш төшһөн. Асыуланып уларҙы ҡыуала, Күгең аҫтынан юҡ ит, эй Раббы! Алтын нисек тоноҡланды! Алтындың иң сафы төҫһөҙләнеп ҡалды. Һәр бер урамдың сатында Изге аҫылташтар аунап ята. Саф алтынға тиң Сион улдары Көршәксенең ҡулы әүәләгән Балсыҡ көршәккә бәрәбәр булды. Хатта сүл бүреләре лә, имсәк ҡаптырып, Балаларына күкрәк һөтөн имеҙә. Ә халҡым, сүлдәге дөйәғош һымаҡ, Балаларын йәлләмәй ташлап ҡалдыра. Имсәк балаларының сарсауҙан Теле аңҡауҙарына йәбешә; Икмәк ялбарып иңрәй сабыйҙар, Тик уларға ризыҡ биреүсе юҡ. Элек бал да май ейгәндәр Инде урамдарҙа ятып үлә; Затлы ҡыҙылды кейеп үҫкәндәр Хәҙер сүплектә ҡаҙына. Ғәзиз халҡым, ҡылған гонаһтары өсөн, Кеше ҡулы теймәйенсә Күҙ асып йомғансы юҡҡа сығарылған Содом ҡалаһынан да ҡатыраҡ язаланды. Бейҙәре ҡарҙан пак, һөттән аҡ ине, Тәндәре мәрйендәй алһыу, Үҙҙәре зәңгәр яҡутҡа тиң ине. Әле йөҙҙәре ҡоромдан ҡара, Урамда осратһаң, танымаҫһың. Тиреләре һөйәккә йәбешеп кипкән, Ағас ҡайырыһына оҡшап ҡалған. Баҫыуҙа уңыш булмағанлыҡтан, Асҡа интегеп үлеүселәргә ҡарағанда, Ҡылыстан һәләк булғандар бәхетлерәк. Наҙлы әсәләр үҙ ҡулы менән үҙ балаларын бешерҙе – Һәләкәткә дусар халҡыма улар ашамлыҡ булды. Раббының асыуы ҡайнап ташты, Ярһып ҡәһәрен яуҙырҙы. Сионды Ул утҡа тотто, Нигеҙенә тиклем яндырҙы. Донъялағы батшаларҙың, Ер йөҙөндәге кешеләрҙең һис кеме, Ҡанһыҙ дошман Йәрүсәлим ҡапҡаларынан Инер, тип башына ла килтермәй ине. Былар Йәрүсәлим пәйғәмбәрҙәренең гонаһтары, Ҡаһиндарҙың енәйәттәре өсөн яза булды – Улар ҡала диуарҙары эсендә тәҡүәләрҙең ҡанын түкте. Ә хәҙер урамдарҙа һуҡыр һымаҡ аҙашып йөрөйҙәр, Кейемдәренә ҡаҡашып ҡан ҡатҡан; Һис кем уларға тейергә баҙнат итмәй. Кешеләр уларға: «Китегеҙ, бысраҡтар! Китегеҙ, кит, ҡағылмағыҙ беҙгә!» – тип ҡысҡыра. Шуға күрә улар бынан ҡасып, Ят ҡәүемдәр араһында ҡаңғыра. Тик унда ла: «Улар арабыҙҙа ҡалмаһын!» – тиҙәр. Раббы Үҙе ҡыуып таратты уларҙы, Башҡаса йөҙҙәренә ҡарамаҫ. Ҡаһиндарға – хөрмәт, Аҡһаҡалдарға ихтирам бөттө. Күҙ талдырып бушҡа ярҙам көттөк; Беҙҙе ҡотҡара алмаҫ ҡәүемде Манаранан күҙләп юҡҡа өмөтләндек. Ә дошман һәр аҙымыбыҙҙы ауланы, Урамдарға сыға алмаҫ булдыҡ. Ахырыбыҙ яҡын, көндәребеҙ бөттө – Ғүмеребеҙҙең аҙағы етте. Эҙәрләүселәр күктәге бөркөттәрҙән дә етеҙ; Тау-таш араһынан беҙҙе баҫтырҙылар, Боҫҡон ҡороп, сүлдә һағалап торҙолар. Тормошобоҙҙоң һулышы – Раббының мәсихе, батшабыҙ Уларҙың тоҙағына эләкте. Ә беҙ: «Халыҡтар араһында Уның күләгәһендә йәшәрбеҙ», – тигән инек. Эй Ғус ерендә йәшәгән Эдом-ҡыҙ! Шатлан һәм күңел ас! Тик Раббының асыу туҫтағынан һин дә эсерһең, Иҫереп шәрә ҡалырһың. Эй һин, Сион-ҡыҙ, енәйәтең өсөн яза тамамлана. Раббы һине бүтәнсә һөргөнгә ҡыумаҫ. Ә һине, эй Эдом-ҡыҙ, енәйәтең өсөн язалар; Гонаһтарыңды фаш итер. Онотма, йә Раббы, башыбыҙға төшкәндәрҙе! Ҡара, беҙ ниндәй хурлыҡҡа ҡалдыҡ: Биләмә ерҙәребеҙ яттар ҡулына күсте, Өйҙәребеҙгә сит-яттар хужа. Атайһыҙ ҡалдыҡ, үкһеҙ етембеҙ; Әсәйҙәребеҙ – тол ҡатын хәҙер. Һыуыбыҙҙы ла көмөш түләп эсәбеҙ, Утынды ла аҡсаға һатып алабыҙ. Эҙебеҙгә баҫып баҫтырып киләләр беҙҙе, Тамам хәлдән тайҙыҡ, ял күргән юҡ. Туйғансы ашарлыҡ икмәк һорап, Мысыр менән Ашшурға ҡулыбыҙҙы һонабыҙ. Ата-бабаларыбыҙ гонаһ ҡылды, Әммә хәҙер улар юҡ инде; Ә ғәйептәренең язаһы беҙгә йөкмәлде. Ҡолдар хәҙер беҙгә хаким булды, Улар ҡулынан ҡотҡарып алыусы юҡ. Йәнебеҙҙе ҡыл өҫтөнә ҡуйып ризыҡ эҙләйбеҙ, Сөнки сүлдән ҡылыс янап тора. Аслыҡ ғазабынан тән тиребеҙ Усаҡта янған һымаҡ ҡарайып көйҙө. Ҡатындарҙы – Сионда, Ҡыҙҙарҙы Йәһүҙә ҡалаларында мәсхәрәләйҙәр. Ҡулдарынан аҫып ҡуйылды башлыҡтарыбыҙ, Аҡһаҡалдарға ихтирам бөттө. Йәштәр тирмән ташын әйләндерә, Үҫмерҙәр утын йөгө аҫтында иҙелә. Аҡһаҡалдар ҡала ҡапҡаһы янында ултырмай, Егеттәребеҙ көйҙәр уйнамай хәҙер. Йөрәгебеҙҙә шатлыҡ бөттө, Бейеүҙәребеҙ ҡайғыға әйләнде. Башыбыҙҙан тажыбыҙ ҡоланы, Ҡайғы беҙгә! Гонаһ ҡылдыҡ. Шуға йөрәгебеҙгә ҡан һауҙы, Күҙҙәребеҙ томаланды. Бушап ҡалды Сион тауы, Унда хәҙер тик төлкөләр гиҙә. Әммә Һинең хакимлығың мәңгелек, йә Раббы! Быуындар үтер, Һин һаман тәхетеңдә ултырырһың! Ниңә беҙҙе ташланың шулай оҙаҡҡа? Ни өсөн беҙҙе бөтөнләйгә оноттоң? Йә Раббы, беҙҙе Үҙеңә ҡайтар, беҙ ҡайтырбыҙ, Ҡабаттан элекке көндәрҙе бир. Беҙҙән бөтөнләйгә ваз кисеүеңме? Беҙгә булған асыуыңдың сиге юҡмы? Утыҙынсы йылда, дүртенсе айҙың бишенсе көнөндә, Кевар йылғаһы буйында, һөргөндә йәшәүселәр араһында булған сағымда, күк ҡабағы асылды ла миңә Алланан күренмештәр булды. Йеһояхин батшаның һөргөндәге бишенсе йылында, айҙың бишенсе көнөндә Халдей илендә, Кевар йылғаһы буйында Бузи улы Зөлкифел ҡаһинға Раббы һүҙе булды. Раббының ҡулы уның өҫтөндә ине. Ҡараһам, бына, төньяҡтан дауыллы ел килә: балҡыш уратып алған олоғара болот эсендә ут ялтлай. Уттың уртаһы балҡып торған алтын һымаҡ ине. Ут эсендә дүрт йән эйәһе күрҙем. Уларҙың күренеше былай: ҡиәфәттәре менән әҙәмгә оҡшағандар, ләкин һәр береһенең дүрт йөҙө, дүрт ҡанаты бар. Аяҡтары төҙ, аяҡ остары башмаҡ тояғы һымаҡ. Улар ялтыратылған баҡыр кеүек йылҡылдап тора. Ҡанаттары аҫтында дүрт яҡтан кешенеке һымаҡ ҡулдары бар. Дүртеһенең дә йөҙҙәре һәм ҡанаттары былай: ҡанаттары бер-береһенә тейеп тора. Йөрөгәндә был йән эйәләре боролмай, йөҙҙәре ҡайһы яҡҡа ҡарай, шул яҡҡа бара. Йән эйәләренең йөҙҙәренә килгәндә, улар дүрт төрлө: алғы яҡта – кеше йөҙө, уң яҡта – арыҫлан, һул яҡта – үгеҙ һәм арт яҡта бөркөт йөҙө ине. Йөҙҙәре шулай ине. Ҡанаттары юғарыға табан асылған. Һәр йән эйәһенең ике ҡанаты эргәһендәге йән эйәләренең ҡанатына тейеп тора, ә ҡалған ике ҡанат менән кәүҙәләрен ҡаплағандар. Һәр береһе йөҙө ҡараған яҡҡа бара. Рух уларҙы ҡайҙа йүнәлтһә, улар боролмайынса шунда бара. Был йән эйәләренең ҡиәфәте утлы ҡуҙға оҡшаған. Ялпылдап янған ялҡын кеүек нәмә улар араһында тегеләй-былай йөрөп тора. Был ялҡындан туҡтауһыҙ йәшен ялтлай һәм балҡыш тарала. Был мәхлүктәр йәшен йәшнәгән кеүек тегендә-бында етеҙ хәрәкәт итә. Йән эйәләренә ҡарап торғанымда һәр береһенең янында ерҙә берәр тәгәрмәс күрҙем. Тәгәрмәстәрҙең күренеше һәм төҙөлөшө былай: улар һары яҡут һымаҡ ялтырап тора һәм дүртеһе лә бер төрлө. Төҙөлөштәре менән бер-береһенең эсенә индерелгән ике тәгәрмәс кеүек ине. Хәрәкәт иткәндә боролмайынса дүрт яҡҡа ла бара алалар. Тәгәрмәстәренең туғыны бейек һәм ҡурҡыныс. Дүртеһенең дә туғыны бик күп күҙҙәр менән ҡапланған. Йән эйәләре хәрәкәт иткәндә эргәләрендәге тәгәрмәстәр ҙә ҡуҙғала. Йән эйәләре ерҙән күтәрелгәндә, тәгәрмәстәр ҙә күтәрелә. Рух уларҙы ҡайҙа йүнәлтһә, йән эйәләре шул яҡҡа бара. Тәгәрмәстәр ҙә улар менән бергә ҡалҡа, сөнки йән эйәләренең рухы тәгәрмәстәрҙә ине. Йән эйәләре йөрөгәндә, тәгәрмәстәр ҙә бара. Йән эйәләре туҡтағанда, былар ҙа туҡтай. Йән эйәләре ерҙән күтәрелгәндә, тәгәрмәстәр күтәрелә, сөнки йән эйәләренең рухы тәгәрмәстәрҙә ине. Йән эйәләренең баш осонда көмбәҙгә оҡшаған, гәлсәр кеүек емелдәп торған хайран ҡалдырғыс бер нәмә йәйелгәйне. Көмбәҙҙең аҫтында һәр йән эйәһе ҡанаттарын янындағыларға табан йәйгән, ә ҡалған ике ҡанаттары кәүҙәләрен ҡаплай. Йән эйәләре хәрәкәт иткәндә ҡанаттарының тауышын ишеттем. Ул ташҡын һыуҙарҙың шаулауы, сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең тауышы, оло ғәскәрҙең ҡаты шау-шыуына оҡшағайны. Туҡтаған саҡта улар ҡанаттарын һәлендерә ине. Йән эйәләре ҡанат ҡағыуҙан туҡтағанда, баштары осондағы көмбәҙҙән бер тауыш ишетелә. Баштары осондағы көмбәҙ өҫтөндә гүйә зәңгәр яҡуттан яһалған тәхет кеүек нәмә бар. Юғарыла, ул тәхет шикелле нәмәлә, кешегә оҡшаған берәү ултыра. Күрәм: уның биленән юғары өлөшө балҡып торған алтын кеүек, ә аҫҡы яғы утҡа оҡшаған. Ул тотошлай емелдәгән нурға сорналған. Әйләнә-тирәһендәге ул балҡыш – ямғырлы көндө болоттар араһында ҡалҡҡан йәйғор һымаҡ. Раббының шөһрәте шундай ине. Быны күреп, йөҙтүбән ергә ҡапландым һәм бер тауыш ишеттем. Ул миңә: – Эй әҙәм улы, аяғыңа баҫ, Мин һинең менән һөйләшәсәкмен! – тине. Ул өндәшкән саҡта миңә рух иңде һәм аяғыма баҫтырҙы. Мин үҙем менән Һөйләшеүсене ишеттем. Ул миңә: – Эй әҙәм улы, Мин һине Исраил халҡына, Миңә ҡаршы баш күтәргән фетнәсел халыҡҡа ебәрәм. Улар үҙҙәре лә, ата-бабалары ла ошо көнгә тиклем Миңә ҡаршы гонаһ ҡылып килә. Мин һине ебәргән был халыҡ бик тиҫкәре һәм ҡаты бәғерле. Һин уларға: «Раббы Хаким былай тип әйтә!» – тиерһең. Һине тыңларҙармы, юҡмы, сөнки улар фетнәсел нәҫел, әммә араларында пәйғәмбәр барлығын белеп торһондар. Һин иһә, эй әҙәм улы, уларҙың үҙҙәренән дә, һүҙҙәренән дә ҡурҡма! Улар һинең өсөн сәнскәк булһалар ҙа, үҙеңде саяндар араһында йәшәгән кеүек тойһаң да, уларҙың әйткәндәренән ҡурҡма, йөҙҙәрен күреп ҡаушама, сөнки улар – фетнәсел нәҫел. Тыңлайҙармы, юҡмы, сөнки улар фетнәсел – Минең әйткәндәремде еткер. Һин иһә, эй әҙәм улы, Минең әйткәндәремде тыңла! Был фетнәсел нәҫел кеүек тиҫкәре булма. Ауыҙыңды ас, һиңә биргәнемде аша! Ҡарағайным, үҙемә табан һуҙылған бер ҡул күрҙем. Унда төргәк китап бар ине. Ул алдымда төргәкте тағатты, уның ике яғы ла яҙыулы ине. Унда илау, һыҡтау һәм иңрәү һүҙҙәре яҙылғайны. Ул миңә: – Эй әҙәм улы, әле үҙеңә бирелгәнде аша. Ошо төргәкте аша ла, барып, Исраил нәҫеленә һөйлә, – тине. Мин ауыҙымды астым да, Ул миңә төргәкте ашарға бирҙе. Шунан миңә: – Эй әҙәм улы, Мин һиңә биргән төргәк китапты аша, уның менән ҡорһағыңды тултыр, – тине. Мин ашаным. Ауыҙымда бал һымаҡ татлы булды. Ул миңә былай тине: – Эй әҙәм улы, инде Исраил нәҫеленә бар, уларға Минең һүҙҙәремде һөйлә. Сөнки һин телмәре ят, теле аңлашылмаҫ халыҡҡа түгел, Исраил нәҫеленә ебәреләһең. Телмәрҙәре билдәһеҙ, теле аңлашылмаҫ, әйткәндәре төшөнмәҫлек булған күп халыҡтар араһына ебәрелмәйһең һин. Әгәр Мин һине улар янына ебәрһәм, улар һиңә, әлбиттә, ҡолаҡ һалған булыр ине. Әммә Исраил нәҫеленең һине тыңлағыһы килмәйәсәк, сөнки улар Мине тыңларға теләмәй. Бөтә Исраил нәҫеле тиҫкәре һәм башбаштаҡ. Ҡара, Мин һине лә улар кеүек арҡыры һәм башбаштаҡ итәсәкмен. Һинең маңлайыңды саҡматаштан да ҡатыраҡ булған таш һымаҡ итәм. Улар фетнәсел халыҡ булһа ла, һин уларҙан ҡурҡма, алдарында ҡаушап ҡалма. Ул тағы ла миңә былай тине: – Эй әҙәм улы, Мин әйткән бөтә һүҙҙәрҙе күңелеңдә һаҡла һәм ҡолағыңа киртеп ҡуй. Инде һөргөндә йәшәгән яҡташтарың янына бар. Улар һине тыңлаһа ла, тыңламаһа ла: «Раббы Хаким былай тип әйтә!» – тиерһең. Шунан Рух мине өҫкә күтәрҙе. Мин артымда: «Раббының шөһрәте Үҙ урынында мөбәрәк булһын!» – тигән тетрәндергес мәғрур тауыш ишеттем. Йән эйәләренең бер-береһенә ҡағылған ҡанаттарының тауышын, эргәләрендәге тәгәрмәстәрҙең тыҡылдағанын, бөйөк бер тетрәүҙең геүләгәнен ишеттем мин. Рух мине күтәрҙе лә алып китте. Раббының көслө ҡулы өҫтөмдә булған хәлдә әсенеш һәм асыу менән киттем. Кевар йылғаһы буйында Тел-Авивта һөргөндә йәшәүселәр янына килдем. Шунда, улар йәшәгән ерҙә, ҡалдым да араларында ете көн буйы шаңҡып ултырҙым. Ете көн үткәс, миңә Раббы һүҙе булды: – Эй әҙәм улы, Мин һине Исраил нәҫеленә күҙәтсе итеп ҡуйҙым. Һин ауыҙымдан сыҡҡан һәр бер һүҙемде тыңлап, халҡыма әйтеп, уларҙы иҫкәртеп торорһоң. Мин яуыз кешегә: «Һин мотлаҡ үләсәкһең!» – тип әйтһәм, ә һин уны киҫәтмәһәң, ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн уны яман юлын ташларға өндәмәһәң, был яуыз кеше үҙ енәйәте арҡаһында үләсәк. Әммә уның ҡаны өсөн яуаплылыҡты Мин һинең өҫтөңә һаласаҡмын. Әгәр һин яуызды киҫәтһәң, ә ул яуызлығын ҡуйып, яман юлын ташламаһа, үҙ ғәйебе өсөн үлер. Һин иһә үҙ йәнеңде ҡотҡарып ҡалырһың. Әгәр тоғро кеше, тоғро юлынан тайпылып, яуызлыҡ эшләһә, Мин уның ҡаршыһына абыныу ташы ҡуйғас, ул үлер. Һин уны киҫәтмәгәнгә күрә, ул үҙ гонаһы өсөн үлер, эшләгән яҡшы ғәмәлдәре иҫәпкә алынмаҫ. Әммә уның ҡаны өсөн яуаплылыҡты Мин һинең өҫтөңә һаласаҡмын. Әммә һин гонаһ эшләмәһен өсөн тоғро кешене киҫәтһәң һәм ул гонаһ ҡылмаһа, мотлаҡ йәшәйәсәк, сөнки ул иҫкәртеүгә ҡолаҡ һалды. Һин иһә үҙ йәнеңде һаҡлап ҡалырһың. Унда Раббының ҡулы өҫтөмдә ине. Ул миңә: – Тор, үҙәнгә бар. Мин һинең менән унда һөйләшермен, – тине. Мин, тороп, үҙәнгә сыҡтым. Ҡараһам, унда Кевар йылғаһында күргәндәге шөһрәт кеүек үк Раббының шөһрәте тора. Мин йөҙтүбән ергә ҡапландым. Шунда миңә рух иңде, мине аяғөҫтө баҫтырҙы. – Ҡайт, өйөңә инеп биклән, – тине Раббы миңә. – Эй әҙәм улы, һиңә бау һалырҙар, бәйләрҙәр һәм һин кеше араһына сығып йөрөй алмаҫһың. Телеңде аңҡауыңа йәбештерермен һәм һин телһеҙ ҡалырһың, уларҙы фашлай алмаҫһың, сөнки был – фетнәсел нәҫел. Әммә Үҙем һинең менән һөйләшкәндә, ауыҙыңды асырмын. Уларға: «Раббы Хаким былай тип әйтә!» – тиерһең. Тыңлағандары тыңлаһын, тыңламағандары тыңламаһын, сөнки улар – фетнәсел халыҡ. Эй әҙәм улы, бер кирбес алып, уны алдыңа ҡуй ҙа өҫтөнә Йәрүсәлим ҡалаһын төшөр. Рәсемдәге ҡаланы ҡамап ал: нығытмалар төҙө, уба яһа, тупламдар ҡор, һәр тарафтан диуар емерә торған ҡоролмалар урынлаштыр. Шунан тимер таба ал. Уны үҙең менән ҡала араһына тимер диуар кеүек итеп ҡуй ҙа йөҙөңдө уға табан бор. Әйҙә, ҡала ҡамалышта булһын, уны һин ҡамалышта тотасаҡһың! Был Исраил нәҫеле өсөн билдә булыр. Шунан һулаҡай ҡабырғаңа ят, Исраил халҡының гонаһын йөкмә. Ошо яғыңда нисә көн ятаһың, шунса ваҡыт уларҙың гонаһтарын өҫтөңдә күтәрәсәкһең. Уларҙың гонаһ ҡылған йылдарының һанына күрә Мин һиңә көндәр билдәләнем. Һин өс йөҙ туҡһан көн буйы Исраил халҡының гонаһтарын өҫтөңдә күтәрәсәкһең. Билдәләнгән ваҡыт тулғандан һуң, уң яғыңа әйләнеп ят, Йәһүҙә халҡының гонаһтарын өҫтөңдә күтәр. Һинең өсөн ҡырҡ көн – һәр йыл өсөн берәр көн билдәләнем. Йөҙөңдө ҡамауҙағы Йәрүсәлимгә табан бор, еңеңде төр ҙә, ҡулыңды күтәреп, уға ҡаршы пәйғәмбәрлек ит. Бына, ҡамалыу көндәрең тамамланғанға тиклем бер ҡабырғаңдан икенсеһенә әйләнеп ята алмаһын тип, Мин һине бау менән бәйләп һалам. Бойҙай, арпа, ҡара борсаҡ, яҫмыҡ, тары, борай ал да бер һауытҡа һал. Һин уларҙан үҙеңә икмәк бешер. Бер ҡабырғаңда ятҡан өс йөҙ туҡһан көн буйы уны ашаясаҡһың. Бер көнлөк ризығың егерме шекел булырға тейеш. Уны көн һайын бер генә ваҡытта ашарһың. Һыуҙы ла үлсәп кенә эс, бер һиндың алтынан бер өлөшө күләмендә бер үк ваҡытта эс. Ризығыңды арпа көлсәһе һымаҡ ашарһың. Уларҙы кеше күҙе алдында, әҙәм тиҙәге яғып, өҫтөндә бешер. Раббы былай тине: – Мин Исраил халҡын башҡа ҡәүемдәр араһына һөргөнгә ебәргәс, улар шулай хәрәм икмәк ашаясаҡ. Шунда мин: – Аһ, эй Раббы Хаким! – тип ялбарҙым. – Мин бер ваҡытта ла үҙемде бысратманым. Йәш сағымдан алып бөгөнгө көнгә тиклем үләкһә лә, йыртҡыс талап ташлаған итте лә ашаманым, ауыҙыма хәрәм ит ингәне юҡ! Ул миңә: – Ярай, – тине. – Икмәгеңде, әҙәмдеке урынына мал тиҙәге яғып, өҫтөндә бешерергә рөхсәт итәм. Йәнә Ул миңә: – Эй әҙәм улы, бына Мин Йәрүсәлимдәге ризыҡҡа сик ҡуям. Үлсәүле генә икмәкте хәүефләнеп ашарҙар, үлсәүле генә һыуҙы ҡурҡыу эсендә эсерҙәр, – тине. – Ризыҡ менән һыу наҡыҫлығы арҡаһында кешеләр бер-береһенә ҡото осоп ҡараясаҡ, гонаһтары эсендә ҡоро һөйәккә ҡалып үләсәк. Ә һин, эй әҙәм улы, үткер ҡылыс ал да, сәс алыусының бәкеһе кеүек ҡулланып, башың менән һаҡалыңды ҡыр. Шунан үлсәгес ал, ҡырған сәс-һаҡалыңды өлөштәргә бүл. Ҡамау көндәре тамамланғас, уларҙың өстән бер өлөшөн ҡала уртаһында утта яндыр. Икенсе өстән бер өлөшөн ҡала ситендә ҡылыс менән тураҡла. Өсөнсө өлөшөн елгә осор, һәм Мин улар артынан яланғас ҡылысымды ебәрермен. Сәстәрҙең бер аҙырағын алып, сабыуыңа төйнәп ҡуй. Йәнә бер аҙын утҡа ташлап яндыр. Бынан бөтә Исраил халҡына ут таралыр. Раббы Хаким былай ти: «Был – Йәрүсәлим! Мин уны ҡәүемдәрҙең уртаһына урынлаштырҙым, башҡа илдәр Исраил тирәһендә йәшәне. Әммә ул Минең ҡанун-ҡағиҙәләремә ҡаршы сыҡты, башҡа ҡәүемдәрҙән, тирә-яғындағы илдәрҙән дә былайыраҡ яуызлыҡ ҡылды, Минең ҡанундарымды кире ҡаҡты, ҡағиҙәләремде үтәмәне». Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Һеҙ тирә-яғығыҙҙағы ҡәүемдәргә ҡарағанда ла фетнәселерәк булдығыҙ, ҡағиҙәләремде үтәмәнегеҙ, хөкөмдәремде бойомға ашырманығыҙ, хатта эргә-тирәгеҙҙәге халыҡтарҙың йолаларын да тотманығыҙ». Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Эй Йәрүсәлим, бына, Мин Үҙем һиңә ҡаршы сығам. Башҡа ҡәүемдәрҙең күҙ алдында Үҙем Йәрүсәлим уртаһында хөкөм ҡыласаҡмын. Бөтә ерәнгес эштәрең арҡаһында, Йәрүсәлим, быға тиклем эшләмәгән һәм артабан да эшләмәйәсәк нәмә ҡыласаҡмын. Ата-әсәләр үҙ балаларын, балалар иһә үҙ ата-әсәләрен ашаясаҡ. Мин һинең уртала хөкөм ҡыласаҡмын, ә иҫән ҡалғандарығыҙҙың һәммәһен һәр тарафҡа елдәргә таратасаҡмын. Шуға күрә, Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, – тип белдерә Раббы Хаким, – Изге торлағымды ерәнгес боттарың, әшәкелектәрең менән нәжесләгәнең өсөн, һине тап-таҡыр итеп ҡырасаҡмын, һис тә йәлләп тормаясаҡмын, мәрхәмәт күрһәтмәйәсәкмен. Һиндә йәшәүселәрҙең өстән бер өлөшө ҡала эсендә ҡырғындан үләсәк, аслыҡтан ҡырыласаҡ. Өстән бер өлөшө ҡаланың тирә-яғында ҡылыстан һәләк буласаҡ. Ҡалған өсөнсө өлөшөн төрлө тарафтарға елгә таратасаҡмын, арттарынан яланғас ҡылыс менән эҙәрләйәсәкмен. Шул сағында ғына уларға булған асыуым бөтәсәк, ярһыуымды түккәндән һуң Мин ҡәнәғәтләнермен. Ярһыуымды өҫтәренә бушатҡас, Мин Раббы быны көнсөллөгөм арҡаһында эшләгәнемде белерҙәр. Мин һине, Йәрүсәлим, харабаға әйләндерәм, тирә-яғыңдағы ҡәүемдәр һәм эргәңдән үтеп-һүтеп йөрөүселәрҙең күҙе алдында хурлыҡҡа ҡалдырам. Асыуланып һәм ярһып, ҡаты язалар менән һине хөкөм иткән сағымда тирә-яғыңдағы халыҡтар араһында мәсхәрә, хурлыҡ, ғибрәт һәм дәһшәт өлгөһө буласаҡһың. Мин, Раббы, әйттем быны. Һеҙҙе һәләк итер өсөн өҫтөгөҙгә аслыҡтың аяуһыҙ уҡтарын ебәрәсәкмен. Арағыҙҙа ҡытлыҡты көсәйтәсәкмен, ризыҡ менән тәьмин итеүгә сик ҡуясаҡмын. Өҫтөгөҙгә аслыҡ һәм йыртҡыс хайуандар ебәрермен. Улар һеҙҙе балаһыҙ ҡалдырыр. Ҡалала ҡырғын һәм үлем хөкөм һөрөр. Мин һеҙгә ҡаршы ҡылыс күндерермен. Мин, Раббы, әйттем быны». Миңә Раббы һүҙе булды: – Эй әҙәм улы, йөҙөңдө Исраил тауҙарына табан бор ҙа уларға ҡаршы пәйғәмбәрлек итеп әйт: «Эй Исраил тауҙары, Раббы Хакимдың һүҙен тыңлағыҙ! Раббы Хаким тауҙарға, ҡалҡыулыҡтарға, тарлауыҡтарға һәм үҙәндәргә былай ти: „Бына, Мин өҫтөгөҙгә ҡылыс ебәрәм, табыныу ҡалҡыулыҡтарығыҙҙы юҡҡа сығарам. Ҡорбан усаҡтарығыҙ емерелер, хуш еҫ ҡорбандары төтәткән усаҡтарығыҙ ватылыр. Үлтерелгәндәрегеҙҙең мәйеттәрен боттарығыҙ алдына ырғытасаҡмын. Исраилдарҙың мәйеттәрен боттары алдына ташлаясаҡмын, һөйәктәрегеҙҙе ҡорбан усаҡтарығыҙ тирәһенә һибеп һаласаҡмын. Һеҙ йәшәгән бөтә урындарҙа ҡалалар харабаға әйләнер, табыныу ҡалҡыулыҡтары емерелер, шунлыҡтан ҡорбан усаҡтарығыҙ боҙолор, боттарығыҙ ватылыр һәм юҡ ителер, хуш еҫ төтәтә торған усаҡтарығыҙ ҡыйратылыр, үҙ ҡулдарығыҙ менән эшләгән бөтә нәмәләрегеҙ юҡҡа сығыр. Арағыҙҙа йәндәре ҡыйылғандар ергә ҡолар. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ. Әммә Мин ҡайһы берәүҙәрегеҙҙе иҫән ҡалдырасаҡмын. Төрлө илдәр, ҡәүемдәр араһына һибелгән ҡайһы берҙәрегеҙ ҡылыстан ҡотолор. Иҫән ҡалғандарығыҙ үҙҙәрен әсирлеккә алған халыҡтар араһында йәшәгәндә Мине иҫтәренә төшөрөр. Минән ситкә боролған фәхеш йөрәктәренең, боттарға текләгән аҙғын күҙҙәренең Мине ҡайғыға һалғанын аңлар. Шул саҡ улар ҡылған яуызлыҡтары, әшәкелектәре өсөн үҙҙәренән үҙҙәре ерәнерҙәр һәм Минең Раббы икәнемде белерҙәр. Уларға был ҡазаны килтерәсәкмен тип юҡҡа ғына әйтмәнем Мин“». Раббы Хаким былай ти: «Ҡулыңды ҡулға һуғып, аяҡ тибеп әйт: „Бөтә яман һәм ерәнгес эштәре арҡаһында Исраил халҡына – ҡайғы!“ Улар ҡылыстан, аслыҡтан һәм ҡырғындан һәләк буласаҡ. Алыҫтағылар ҡырғындан ҡырылыр, яҡындағылар ҡылыстан йығылыр, ҡотолоп ҡалғандар аслыҡтан үлер. Уларға булған асыуымды шулай сығарасаҡмын. Уларҙың үлектәре боттары араһында, ҡорбан усаҡтары тирәһендә, һәр бер табыныу ҡалҡыулығында, тау түбәләрендә, суҡ япраҡлы һәр ағас, тарбаҡлы һәр имән аҫтында, боттарына арнап хуш еҫ төтәткән һәр урында аунап ятыр. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ. Мин уларға ҡаршы ҡулымды күтәрәм, сүлдән Ривлаға тиклем улар йәшәгән бөтә урындарҙа илде харабаға һәм ташландыҡ ергә әйләндерәм. Шунда улар Минең Раббы икәнемде белерҙәр». Миңә Раббы һүҙе булды: – Эй әҙәм улы, Раббы Хаким Исраил тупрағына былай тип белдерә: «Ахыры етте! Илдең дүрт тарафының да ахыры етте. Эй Исраил, инде һинең көнөң бөттө! Һиңә асыуымды түгәм. Тотҡан юлың өсөн һиңә хөкөм ҡылам, Бөтә әшәкелектәрең өсөн язалайым. Мин һине йәлләп тормам, шәфҡәт күрһәтмәм. Тотҡан юлдарыңа күрә язалармын, Ерәнгес эштәреңдең әжерен аласаҡһың. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ». Раббы Хаким былай ти: «Бына, бәлә артынан бәлә! Дәһшәтле бәлә килә. Көнөң бөттө! Еттең ахырыңа! Бына ул һиңә яҡыная. Ҡаза килеп етте, эй был илдә йәшәүселәр! Ваҡыт етте! Тауҙарҙа һөйөнөс ауаздары түгел, ҡурҡыу тауыштары хөкөм һөргән көн килде! Оҙаҡламай ярһыуымды өҫтөңә түңкәрәсәкмен, асыуымды бушатасаҡмын. Ҡылғандарыңа күрә хөкөм итеп, әшәкелектәреңдең ҡоһорон ҡайтарасаҡмын. Һине һис тә йәлләп тормаясаҡмын, мәрхәмәт күрһәтмәйәсәкмен. Тотҡан юлдарыңа күрә язалаясаҡмын, ерәнгес эштәреңдең әжерен аласаҡһың. Шунда һине язалаусының Мин Раббы икәнен белерһегеҙ. Бына ул көн етте! Килде ул һәләкәт! Хөкөм таяғы сәскә атты, тәкәбберлек сәскәләнде. Золом яуызлыҡ таяғына әүерелде. Уларҙан бер нәмә лә ҡалмаясаҡ: бихисап кешеләре лә, байлыҡтары ла, өҫтөнлөктәре лә юҡҡа сығасаҡ. Шул ваҡыт етте! Ул көн яҡынлашты! Һатып алған – һөйөнмәһен, һатҡан – көйөнмәһен, сөнки бөтә был өйөрҙөң өҫтөнә асыуым түгеләсәк. Хатта тере ҡалған осраҡта ла, һатыусы һатҡан еренә кире ҡайтмаясаҡ, сөнки был өйөр тураһында Алланан иңгән был күренмеш үҙгәртелмәйәсәк. Енәйәттәре арҡаһында уларҙың береһе лә йәндәрен һаҡлап ҡала алмаясаҡ. Борғолар ҡысҡыртылды, бөтә нәмә лә әҙерләнде. Әммә бер кем дә һуғышҡа китмәйәсәк, сөнки асыуым бөтә был өйөр өҫтөнә ябырыла. Тышта – ҡылыс, эстә – аслыҡ менән ҡырғын. Ҡырҙағылар ҡылыстан үлер, ҡалалағылар аслыҡтан һәм ҡырғындан ҡырылыр. Иҫән ҡалғандар үҙәндәге күгәрсендәр кеүек тауҙарға ҡасыр, һәр береһе үҙ гонаһы өсөн һыҡрар. Ҡулдары һәленеп төшөр, теҙҙәре быуынһыҙланыр. Ҡайғы кейеменә уранырҙар, ҡурҡыуға ҡалырҙар, йөҙҙәренә оялыу яғылыр, баштары ҡырылыр. Көмөштәрен урамға сығарып ташларҙар, алтындары нәжес әйбер һымаҡ булыр. Раббының асыуы түгелгән көндә уларҙы алтын менән көмөш ҡотҡара алмаҫ, тамағын туйҙырмаҫ, ҡорһаҡтарын тултырмаҫ, алтын менән көмөш уларҙы гонаһҡа һөйрәкләгән абыныу ташы булды. Биҙәүестәренең гүзәллегенә ғорурландылар, уларҙан ерәнгес боттарының һындарын эшләнеләр. Шуға күрә лә ул әйберҙәрҙе кешеләр өсөн нәжес нәмәгә әйләндерәм. Мин быларҙың барыһын да табыш малы итеп – ят ҡәүемдәргә, яумал итеп донъялағы яуыз әҙәмдәрҙең ҡулына бирәм дә уларҙы нәжесләйәсәктәр. Мин был халыҡтан ситкә бороласаҡмын. Минең ғәзиз урыным нәжесләнер, эсенә талаусылар инеп нәжесләр уны. Үҙегеҙгә сынйыр әҙерләгеҙ, сөнки ил – ҡанлы енәйәттәр, ҡала яуызлыҡ менән тулды. Йорттарын тартып алһындар өсөн ҡәүемдәрҙең иң яһилдарын килтерәсәкмен. Мин көслөләрҙең тәкәбберлегенә сик ҡуясаҡмын, уларҙың изге урындары нәжесләнәсәк. Дәһшәт килгәс, улар именлек эҙләр, ләкин таба алмаҫ. Бәлә өҫтөнә – бәлә, яман хәбәр артынан яман хәбәр килер. Пәйғәмбәрҙәрҙән Раббының күренмештәрен һорап ялбарырҙар; ҡаһин ҡанун өйрәтмәҫ, аҡһаҡалдар кәңәш бирмәҫ. Батша ҡайғыға батыр, хакимдар сараһыҙлыҡҡа төшөр, ил халҡының ҡурҡыштан ҡулдары ҡалтырар. Уларҙы тотҡан юлдарына күрә язалаясаҡмын, үҙҙәренең хөкөмө менән хөкөм итәсәкмен. Шунда Минең Раббы икәнемде белерҙәр». Был хәл һөргөндә йәшәүебеҙҙең алтынсы йылында, алтынсы айҙың бишенсе көнөндә булды. Өйөмдә ултыра инем. Йәһүҙә аҡһаҡалдары ла минең янда ине. Шул саҡ миңә Раббы Хакимдың ҡулы ҡағылды. Ҡараһам, кешегә оҡшаған берәүҙе күрҙем. Ҡиәфәте: билдән түбән яғы – ут һымаҡ, билдән юғары өлөшө ялҡынланып-ялтырап торған алтын һымаҡ ине. Ул, ҡулға оҡшаған бер нәмә һуҙып, башымдағы сәсемдән эләктереп алды. Рух мине ер менән күк араһына күтәрҙе лә Алланан иңгән күренмештә Йәрүсәлимгә, ҡорамдың эске ихатаһының төньяҡҡа ҡараған ҡапҡаһы төбөнә алып барҙы. Унда Алланың сикһеҙ ярһыуын ҡуҙғатҡан бот тора ине. Теге ваҡытта үҙәндә күргәндәге кеүек, алдымда Исраил Аллаһы шөһрәте ине. Алла миңә: – Эй әҙәм улы, төньяҡҡа ҡара, – тине. Мин төньяҡҡа ҡараным. Раббының сикһеҙ ярһыуын ҡуҙғатҡан теге бот ҡорбан усағы янындағы ҡапҡаның төньяғында, ингән ерҙә, тора ине. Раббы миңә: – Эй әҙәм улы, һин уларҙың нимә эшләгәндәрен күрәһеңме? Мине Изге торлағымдан алыҫлаштырыр өсөн Исраил халҡы бында күп әшәкелектәр ҡыла. Әле һин бынан да ерәнгесерәк нәмәләр күрерһең, – тине. Ул мине ихатаға инә торған ҡапҡа төбөнә алып килде. Ҡарағайным, диуарҙа бер тишек күрҙем. Ул миңә: – Эй әҙәм улы, диуарҙағы тишекте ҙурайт, – тине. Мин диуарҙағы тишекте ҙурайттым, шунда ниндәйҙер бер ишеккә тап булдым. Алла миңә: – Эскә ин дә улар бында ҡылған ерәнгес эштәрҙе күр, – тине. Мин эскә индем. Ҡараһам: диуарға һәр яҡлап төрлө һөйрәлеүселәрҙең, ерәнгес хайуандарҙың, Исраил йорто табынған бөтә боттарҙың һүрәттәре уйылған ине. Улар алдында Исраил аҡһаҡалдарынан етмеш кеше тора. Шафан улы Яазанъяһ та – улар араһында. Һәр береһенең ҡулында төтәҫләгес бар; хуш еҫле төтөн болот булып өҫкә күтәрелә. Раббы миңә: – Эй әҙәм улы, Исраил халҡының аҡһаҡалдары һәр береһе үҙҙәренең ҡараңғы бүлмәләрендә үҙҙәренең боттары алдында нимә эшләгәнен күрәһеңме? – тине. – Улар: «Раббы беҙҙе күрмәй. Раббы илде ташланы», – тиҙәр. Шунан Раббы миңә: – Әле уларҙың бынан да ерәнгесерәк эштәрен күрерһең, – тине. Ул мине Раббы ҡорамының төньяҡтағы ҡапҡаһына ингән урынға алып килде. Унда мин Таммуз өсөн илап ултырған ҡатындарҙы күрҙем. – Эй әҙәм улы, быны күрҙеңме? Әле бынан да ерәнгесерәк нәмәләр күрәсәкһең, – тине Ул. Ул мине Раббы ҡорамының эске ихатаһына алып инде. Ҡорамға ингән урында, айуан менән ҡорбан усағы араһында, егерме бишләп ир Раббы ҡорамына арҡаларын ҡуйғандар ҙа, йөҙҙәре менән көнсығышҡа боролоп, ҡояшҡа сәждә ҡылалар. Ул миңә былай тине: – Күрәһеңме, әҙәм улы? Йәһүҙә йортоноң бында эшләгән әшәкелектәре етмәгән, улар илде йәбер-золом менән тултырҙылар һәм Минең асыуымды арттыралар. Ҡара, нисек итеп ботаҡты танауҙарына килтерәләр! Шуға күрә Мин дә уларға ҡарата асыу менән эш итәсәкмен, һис тә йәлләп тормаясаҡмын, мәрхәмәт күрһәтмәйәсәкмен. Инде Мине ни тиклем ҡысҡырып саҡырһалар ҙа, ҡолаҡ һалмаясаҡмын. Шунан һуң Уның көслө тауыш менән: – Ҡаланы язалаусыларҙың һәр береһе ҡулдарына емергес ҡоралдарын тотоп яҡынлашһын! – тип ҡысҡырғанын ишеттем. Бына төньяҡҡа ҡараған Юғары ҡапҡа яғынан алты кеше килде. Һәр береһе ҡулына үлемесле ҡорал тотҡайны. Араларында етен кейем кейгән, биленә яҙыу әсбаптары таҡҡан берәү бар ине. Улар эскә инде лә баҡыр ҡорбан усағы янына килеп баҫты. Исраил Аллаһының шөһрәте, кирубтар өҫтөнән – быға тиклем булған урынынан – күтәрелеп, ҡорамдың тупһаһында туҡтаны. Ул етен кейем кейгән, биленә яҙыу әсбаптары таҡҡан кешене саҡырып алды ла: – Йәрүсәлим ҡалаһын урап сыҡ. Унда эшләнгән бөтә әшәкелектәрҙе күреп ҡайғырған һәм ыңғырашҡан кешеләрҙең маңлайына тамға һал, – тине. Шунан ҡалғандарына: – Ҡала буйлап уның артынан йөрөгөҙ ҙә кешеләрҙе үлтерегеҙ, – тигәнен ишеттем. – Һис кемде ҡыҙғанмағыҙ, мәрхәмәт күрһәтмәгеҙ. Ҡарттарҙы ла, егеттәр менән ҡыҙҙарҙы ла, балаларҙы ла, ҡатындарҙы ла үлтерегеҙ, бары тик тамғаһы булғандарға ғына ҡағылмағыҙ. Минең Изге торлағымдан башлағыҙ. Шулай итеп, улар ҡырғынды ҡорам алдында торған аҡһаҡалдарҙан башланы. Раббы уларға: – Барығыҙ! Ҡорамды нәжесләгеҙ, ихаталарҙы мәйет менән тултырығыҙ! – тине. Шунан һуң тегеләр сығып ҡалала үлтерергә тотондо. Улар халыҡты ҡырған арала, мин япа-яңғыҙ тороп ҡалдым. Йөҙтүбән ергә ҡапландым да: – Эй Раббы Хаким! Йәрүсәлимгә асыуыңды түккәндә Исраилдың иҫән ҡалған барлыҡ халҡын һәләк итерһеңме? – тип ялбарҙым. – Исраил һәм Йәһүҙә йортоноң гонаһы ифрат ҙур, – тине Ул миңә. – Был ер ҡанға батҡан, ҡала ғәҙелһеҙлек менән тулы. Улар: «Раббы был илде ташланы, Раббы күрмәй», – тиҙәр. Мин иһә уларҙы һис тә йәлләп тормаясаҡмын, мәрхәмәт күрһәтмәйәсәкмен, ҡылғандарын үҙҙәренең башына төшөрәсәкмен. Ул арала етен кейем кейгән, биленә яҙыу әсбаптары таҡҡан кеше кире килде һәм: – Һин бойорғандың бөтәһен дә эшләнем, – тип хәбәр итте. Ҡараһам, кирубтарҙың баш осондағы көмбәҙ өҫтөндә гүйә зәңгәр яҡуттан яһалған тәхет кеүек нәмә пәйҙә булды. Раббы етен кейемле кешегә: – Кирубтар аҫтындағы түңәрәктәр араһына ин дә, кирубтар араһында баҙлап ятҡан ҡуҙҙы услап алып, ҡалаға һип, – тине. Ул кеше күҙ алдымда инеп китте. Ул ингән саҡта, кирубтар Раббы ҡорамының көньяғында тора ине. Эске ихатаны тотош болот ҡаплағайны. Раббының шөһрәте, кирубтар өҫтөнән күтәрелеп, ҡорамдың тупһаһына барып туҡтаны. Ҡорам – болот менән, ә ихата эсе Раббы шөһрәтенең балҡышы менән тулды. Кирубтарҙың ҡанат ҡағышы тышҡы ихатала ла ишетелә ине. Был тауыш сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алла һөйләгәндәге тауышҡа оҡшағайны. Раббы етен кейемле кешегә: – Кирубтарҙың һәм түңәрәктәрҙең араһынан ут ал, – тип бойорғас, ул, килеп, тәгәрмәс янына баҫты. Кирубтарҙың береһе араларындағы утҡа ҡулын һуҙҙы ла, ҡуҙ алып, етен кейемленең усына һалды. Был кеше уны алып сыҡты. Кирубтарҙың ҡанаттары аҫтында кешенекенә оҡшаған ҡулдары бар ине. Ҡараһам, кирубтар янында дүрт тәгәрмәс күрҙем, һәр кирубҡа – берәр тәгәрмәс. Тәгәрмәстәр һары яҡут һымаҡ ялтырап тора. Дүртеһе лә оҡшаған, әйтерһең дә бер-береһенең эсенә индерелгән ике тәгәрмәс. Хәрәкәт иткәндә боролмайынса дүрт яҡҡа ла бара алалар. Кирубтың йөҙө ҡайһы яҡҡа йүнәлгән булһа, шунда баралар, йөрөгәндә уңға-һулға боролмайҙар. Кирубтарҙың бөтә тәне, арҡалары, ҡулдары, ҡанаттары һәм тәгәрмәстәре – дүрт тәгәрмәс тә – күҙ менән ҡапланғайны. Мин тәгәрмәстәрҙең «түңәрәктәр» тип аталғанын ишеттем. Һәр кирубтың дүрт йөҙө бар ине: беренсеһе – кируб йөҙө, икенсеһе – кеше йөҙө, өсөнсөһө – арыҫлан йөҙө һәм дүртенсе йөҙ бөркөт йөҙө ине. Кирубтар күтәрелде. Улар мин Кевар йылғаһы буйында күргән йән эйәләре ине. Кирубтар хәрәкәт иткәндә, эргәләрендәге тәгәрмәстәр ҙә ҡуҙғала. Кирубтар ерҙән күтәрелер өсөн ҡанаттарын ҡаҡһа, тәгәрмәстәр ҙә айырылмай, бергә күтәрелә. Кирубтар туҡтағанда, тәгәрмәстәр ҙә туҡтай, күтәрелгәндә, улар ҙа күтәрелә, сөнки йән эйәләренең рухы тәгәрмәстәрҙә ине. Раббының шөһрәте, ҡорамдың тупһаһынан китеп, кирубтарҙың өҫтөнә торҙо. Кирубтар ҡанаттарын ҡаҡты ла күҙ алдымда ерҙән күтәрелде, улар хәрәкәт иткәндә тәгәрмәстәр ҙә яндарында ине. Улар Раббы ҡорамының көнсығыштағы ҡапҡаһы алдында туҡтанылар. Исраил Аллаһының шөһрәте уларҙың өҫтөндә ине. Улар мин Кевар йылғаһы буйында Исраил Аллаһының аҫтында күргән йән эйәләре ине. Уларҙың кирубтар икәнен аңланым. Һәр береһенең дүрт йөҙө, дүрт ҡанаты, ҡанаттары аҫтында әҙәмдекенә оҡшаған ҡулдары бар ине. Йөҙҙәре мин Кевар йылғаһы буйында күргән йөҙҙәргә оҡшағайны. Һәр береһе туп-тура йөҙө ҡараған яҡҡа бара ине. Рух, мине күтәреп, Раббы ҡорамының көнсығышҡа ҡараған ҡапҡаһы янына алып килде. Ҡапҡа ауыҙында егерме биш кеше тора ине. Мин улар араһында халыҡ башлыҡтары Ғаззур улы Яазанъяһ менән Бенаяһ улы Пелатъяһты күрҙем. Раббы миңә: – Эй әҙәм улы, былар – яуыз эштәр ниәтләгән һәм ҡалаға насар кәңәш биргән кешеләр, – тине. – Улар: «Йорттар һалыр мәлдәр тиҙ булмай әле. Был ҡала – ҡаҙан, ә беҙ – ит», – тиҙәр. Шуға күрә уларға ҡаршы пәйғәмбәрлек ит, эй әҙәм улы, пәйғәмбәрлек ит. Шунда миңә Раббының Рухы иңде һәм: – Әйт, Раббы былай ти: «Эй Исраил халҡы! Мин һеҙҙең ниҙәр һөйләгәнегеҙҙе лә, башығыҙҙа нимә барлығын да беләм, – тине. – Был ҡалала күптәрҙе үлтерҙегеҙ, ҡала урамдарын мәйеттәр менән тултырҙығыҙ». Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Был ҡала – ысынлап та ҡаҙан һымаҡ. Әммә ит – һеҙ үлтереп уға һалған кешеләрҙең мәйеттәре. Мин һеҙҙе ҡаланан ҡыуып сығарасаҡмын. Һеҙ ҡылыстан ҡурҡаһығыҙ – Мин һеҙгә ҡылыс ебәрәм, – тип белдерә Раббы Хаким. – Һеҙҙе ҡаланан ҡыуып сығарып, яттар ҡулына бирәм, һеҙҙең өҫтән хөкөм ҡылам. Һеҙ ҡылыстан ҡырылырһығыҙ. Мин һеҙҙе Исраилдың сиктәрендә язалаясаҡмын. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ. Был ҡала һеҙҙең өсөн ҡаҙан булмаҫ, ә һеҙ унда ит булмаҫһығыҙ. Һеҙҙе Исраилдың сиктәрендә язалаясаҡмын. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ, сөнки һеҙ ҡағиҙәләремде үтәмәнегеҙ, ҡанундарымды һаҡламанығыҙ, әйләнә-тирәгеҙҙәге ҡәүемдәрҙең йолалары буйынса йәшәнегеҙ». Мин пәйғәмбәрлек иткән мәлдә Бенаяһ улы Пелатъяһ йығылып үлде. Мин йөҙтүбән ергә ҡапланып: – Эй Раббы Хаким! Һин иҫән ҡалған исраилдарҙың бөтәһен дә юҡ итеп бөтөрһөң микән ни? – тип ҡысҡырҙым. Миңә Раббы һүҙе булды: – Эй әҙәм улы, һинең ҡәрҙәштәрең, ҡан туғандарың һәм бөтә исраилдар тураһында Йәрүсәлимдә йәшәүселәр: «Улар Раббынан алыҫ, был ер биләмә итеп беҙгә бирелде», – тиҙәр. Шуға күрә әйт, Раббы Хаким былай ти: «Мин халҡымды алыҫтағы ҡәүемдәр араһына һипһәм дә, төрлө илдәргә таратһам да, барған урындарында уларға Мин Үҙем ваҡытлыса Изге торлаҡ булдым». Шуға күрә әйт, Раббы Хаким былай ти: «Мин һеҙҙе халыҡтар араһынан йыйып алырмын да Үҙем һибеп таратҡан ерҙәрҙән кире ҡайтарырмын. Исраил тупрағын яңынан һеҙгә бирермен». Улар әйләнеп ҡайтыр ҙа был ерҙәге бөтә әшәкелектәрҙе һәм ерәнгес боттарҙы тамырынан юҡ итер. Мин уларға башҡа төрлө йөрәк бирермен, булмыштарына яңы рух һалырмын. Тәндәренән таш йөрәктәрен алып ташлап, уларға тере йөрәк бирермен. Улар Минең ҡанундарым буйынса йәшәр, ҡағиҙәләремде тотор. Шул саҡта улар Минең халҡым булыр, Мин уларҙың Аллаһы булырмын. Күңелдәре менән әшәке һәм ерәнгес боттарға береккәндәргә килгәндә инде, Мин уларҙың ғәмәлдәренең әжерен баштарына төшөрәсәкмен, – тип белдерә Раббы Хаким. Кирубтар, ҡанаттарын йәйеп, эргәләрендәге тәгәрмәстәр менән бергә юғарыға күтәрелде. Исраил Аллаһының шөһрәте уларҙың өҫтөндә ине. Раббының шөһрәте ҡала уртаһынан күтәрелде лә ҡаланың көнсығышындағы тау өҫтөнә барып туҡтаны. Алланың Рухынан килгән күренмештә рух мине күтәреп алды ла халдейҙар еренә, һөргөндәгеләр янына, алып килде. Шунан мин күргән күренмеш юҡҡа сыҡты. Мин һөргөндәгеләргә Раббы күрһәткәндәрҙең барыһын да һөйләп бирҙем. Миңә Раббы һүҙе булды: – Эй әҙәм улы, һин фетнәсел халыҡ араһында йәшәйһең. Уларҙың күрер өсөн күҙҙәре бар, әммә күрмәйҙәр; ишетер өсөн ҡолаҡтары бар, әммә ишетмәйҙәр. Сөнки улар – фетнәсел халыҡ. Ә һин, әҙәм улы, һөргөнгә киткәндәге һымаҡ кәрәк-ярағыңды әҙерлә, уларҙың күҙ алдында көпә-көндөҙ юлға сыҡ. Һинең, өйөңдө ташлап, башҡа ергә киткәнеңде барыһы ла күрһен. Кем белә, бәлки, фетнәсел халыҡ булһалар ҙа, аңларҙар. Һөргөнгә киткәндә кәрәк булған әйберҙәреңде тышҡа көпә-көндөҙ уларҙың күҙе алдында сығарып ҡуй. Үҙең иһә эңер төшкәндә, уларҙың күҙ алдында, һөргөнгә киткән кеше кеүек юлға сыҡ. Барыһының күҙ алдында өйөңдөң диуарын тишеп, әйберҙәреңде шул тишектән сығар. Эңер төшкәс, уларҙың күҙе алдында йөгөңдө яурыныңа һал да юлға сыҡ. Ташлап киткән ереңде күрмәҫ өсөн йөҙөңдө ҡапла. Мин һине Исраил халҡына бер билдә итеп ҡуйҙым. Миңә нисек ҡушылған булһа, шулай эшләнем. Һөргөнгә киткәндә кәрәк булған әйберҙәремде көндөҙ сығарып ҡуйҙым. Кис көнө ҡулым менән диуарҙа тишек яһаным да, әйберҙәремде ҡараңғыла сығарып, барыһының күҙ алдында яурыныма һалып алдым. Иртәнсәк миңә Раббы һүҙе булды: – Эй әҙәм улы, был фетнәсел Исраил нәҫеле һинән: «Нимә эшләйһең?» – тип һораманымы? Әйт уларға, Раббы Хаким былай ти: «Йәрүсәлим хакимы һәм унда йәшәгән бөтә Исраил халҡы тураһында әүлиәлек был». Уларға: «Мин һеҙҙең өсөн – билдәмен. Мин нимә эшләнем, уларға ла шулай буласаҡ: әсирлеккә төшөп, һөргөнгә китәсәктәр», – тип әйт. Хакимдары ҡараңғыла кәрәк-ярағын яурынында күтәреп юлға сығыр. Уны сығарыр өсөн диуарҙа тишек яһарҙар. Ташлап киткән ерен күрмәҫ өсөн ул йөҙөн ҡаплар. Мин уның өҫтөнә ауымды ташлармын, һәм ул Минең тоҙағыма эләгер. Мин уны Бабилға, халдейҙар еренә, алып барасаҡмын, ләкин ул уны күрмәйенсә шул ерҙә үлеп ҡалыр. Мин уның эргәһендәгеләрҙе – ярандарын һәм яугирҙәрен һәр тарафҡа елгә осорасаҡмын, арттарынан яланғас ҡылыс менән эҙәрләйәсәкмен. Уларҙы ҡәүемдәр араһына таратып, төрлө илдәргә һибеп ебәргәс, Минең Раббы икәнемде белерҙәр. Ҡылған бөтә ерәнгес эштәре тураһында башҡа халыҡтар араһында һөргөндә булғанда үҙҙәре һөйләһендәр өсөн уларҙың бер аҙын ҡылыстан, аслыҡтан һәм ҡырғындан алып ҡалырмын. Шунда улар Минең Раббы икәнемде белер. Миңә Раббы һүҙе булды: – Эй әҙәм улы, икмәгеңде ҡалтырана-ҡалтырана аша, һыуыңды дерелдәй-дерелдәй хәүефләнеп эс. Ил халҡына әйт: Раббы Хаким Йәрүсәлимдә, Исраил ерендә йәшәгәндәр тураһында былай ти: «Улар икмәктәрен хәүеф эсендә ашар, һыуҙарын өмөтһөҙлөк менән эсер. Унда йәшәгәндәрҙең залимлығы арҡаһында ил үҙендәге муллыҡтан мәхрүм ҡалыр. Халыҡ йәшәгән ҡалалар емерелер, ер ташландыҡ булып ҡалыр. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ». Миңә Раббы һүҙе булды: – Эй әҙәм улы, Исраил ерендә «көндәр үтә тора, һәр күренмеш бушҡа сыға тора» тигән ниндәй әйтем ул? Шуға күрә уларға әйт, Раббы Хаким былай ти: «Был әйтемде Мин юҡҡа сығарам. Бынан ары Исраилда уны ҡулланмаҫтар». Тағы ла әйт уларға: «Барлыҡ күренмештәр тормошҡа ашасаҡ көндәр яҡынлаша. Бынан һуң Исраил нәҫеле араһында һис бер ялған күренмеш, алдатҡыс күрәҙәлек булмаясаҡ. Мин Раббы әйтәм икән, әйткәнем бойомға ашыр, кисектерелмәҫ. Эй фетнәсел нәҫел, әйткән һүҙҙәремде һеҙҙең көндәрҙә ғәмәлгә ашырасаҡмын», – тип белдерә Раббы Хаким. Миңә Раббы һүҙе булды: – Эй әҙәм улы, бына Исраил нәҫеле һинең турала: «Уға килгән күренмеш оҙаҡ йылдар үткәс кенә ғәмәлгә ашасаҡ, ул алыҫ киләсәк тураһында пәйғәмбәрлек итә», – тип әйтә. Шуға күрә уларға еткер, Раббы Хаким былай ти: «Әйткән һүҙҙәремдең береһе лә кисектерелмәҫ. Нимә әйтһәм, шул ғәмәлгә ашасаҡ», – тип белдерә Раббы Хаким. Миңә Раббы һүҙе булды: – Эй әҙәм улы, Исраилдың пәйғәмбәрҙәренә ҡаршы пәйғәмбәрлек ит, үҙ белдектәре менән пәйғәмбәрлек иткән кешеләргә әйт: Раббы һүҙен тыңлағыҙ! Раббы Хаким былай ти: «Бер ниндәй ҙә күренмеш күрмәгән, үҙҙәрең уйҙырмаларын ғына һөйләгән ахмаҡ пәйғәмбәрҙәргә ҡайғы! Эй Исраил, һинең пәйғәмбәрҙәрең харабаларҙағы төлкөләргә оҡшаған! Һеҙ ҡала диуарының емереклектәренә сығып ҡараманығыҙ, Раббы көнөндә буласаҡ алышта ныҡ торор өсөн Исраил йортоноң диуарҙарын нығытманығыҙ. Пәйғәмбәрҙәрегеҙҙең күргәндәре уйҙырма, күрәҙәлектәре ялған. Мин уларҙы ебәрмәнем, әммә улар: „Раббы шулай тип белдерә“, – тип һөйләй. Бына шулар әйткәндәре ғәмәлгә ашыр тип көтәләрме? Һеҙҙең күргәндәрегеҙ ялған, күрәҙәлегегеҙ алдаҡ түгелме ни? Минең һеҙгә әйтмәүемә ҡарамаҫтан: „Раббы шулай белдерҙе“, – тип һөйләйһегеҙ». Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Юҡ-бар һөйләгәнегеҙ һәм ялғанды күргәнегеҙ өсөн, Мин һеҙгә ҡаршымын, – тип белдерә Раббы Хаким. – Минең ҡулым уйҙырма күренмештәр күргән һәм ялған күрәҙәлек иткән пәйғәмбәрҙәргә ҡаршы буласаҡ. Улар халҡым йыйынында ҡатнашмаҫ, Исраил халҡының исемлегенә индерелмәҫ, Исраил тупрағына аяҡ баҫмаҫ. Шунда һеҙ Минең Раббы Хаким икәнемде белерһегеҙ. Тыныслыҡ юҡ саҡта „тыныслыҡ“ тип халҡымды аҙаштыралар. Халҡым ышанысһыҙ диуар төҙөгәндә, пәйғәмбәрҙәр уны аҡбалсыҡ менән ағарта. Диуарҙы аҡлаусыларға әйт, ул ҡолаясаҡ. Ҡойма ямғыр булыр, таш һымаҡ боҙ яуыр, ғәрәсәтле ел диуарға ҡаршы иҫер. Диуар ауғас: „Һеҙ аҡлаған балсыҡ ҡайҙа?“ – тип һорамаҫтармы?» Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Мин асыуланып дауыл күтәрермен; ярһыуымдан ямғыр ҡойор, нәфрәтемдән емергес боҙ-борсаҡтар яуыр. Һеҙ аҡбалсыҡ менән ағартҡан диуарҙы ҡолатып, ер менән тигеҙләрмен. Уның нигеҙҙәре күренеп ятыр. Диуар ҡолағанда, һеҙ барығыҙ ҙа уның менән бергә һәләк булырһығыҙ. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ. Ә һин, эй әҙәм улы, халҡыңдың үҙ белдектәре менән пәйғәмбәрлек иткән ҡатын-ҡыҙҙарына йөҙөңдө бор, уларға ҡаршы пәйғәмбәрлек ит. Әйт, Раббы Хаким былай ти: «Кешеләрҙең йәнен аулар өсөн һәр кемгә сихырлап беләҙек бәйҙәре теккән, баштарына төрлө оҙонлоҡтағы япмалар яһаған ҡатындарға ҡайғы! Йәндәрҙе аулап, үҙ йәнегеҙҙе ҡотҡарырға йыйынаһығыҙмы ни? Бер нисә ус арпа, бер нисә телем икмәк өсөн һеҙ үлергә тейеш булмағандарға – үлем, йәшәргә тейеш булмағандарға ғүмер юрап, ялғанды хуш күргән кешеләрҙе алдап, халҡым алдында Мине хурлайһығыҙ». Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Кешеләрҙе ҡош һымаҡ тоҙаҡҡа төшөрөр өсөн теккән сихыр бәйҙәрегеҙгә ҡаршымын. Мин уларҙы ҡулығыҙҙан йолҡоп алам һәм һеҙ аулаған йәндәрҙе иреккә сығарам. Япмаларығыҙҙы йыртып ташлайым һәм халҡымды ҡулығыҙҙан ҡотҡарам. Инде улар һеҙҙең табышығыҙ булмаҫ. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ. Һеҙ ялғандарығыҙ менән тоғро кешеләрҙе әрнеттегеҙ, ә Мин уларҙы әрнетергә теләмәгән инем. Яман кеше боҙоҡ юлынан боролмаһын, йәнен һаҡлап ҡалмаһын өсөн, һеҙ уны хуплап торҙоғоҙ. Шул арҡала һеҙ башҡаса уйҙырма күренмештәр күрмәҫһегеҙ һәм күрәҙәлек итмәҫһегеҙ. Мин халҡымды һеҙҙең ҡулығыҙҙан ҡотҡарам. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ». Исраил аҡһаҡалдарынан бер нисә кеше килеп ҡаршыма ултырҙы. Шул саҡ миңә Раббы һүҙе булды: – Эй әҙәм улы, был бәндәләр боттарына күңел бирҙе һәм үҙҙәренең енәйәтен алдарына абыныу ташы итеп ҡуйҙы. Ошонан һуң уларға Миңә һорау бирергә рөхсәт итәйемме инде? Шуға күрә улар менән һөйләш, уларға әйт, Раббы Хаким былай ти: «Исраил нәҫеленән кем боттарына күңел бирһә һәм гонаһын алдына абыныу ташы итеп ҡуйһа, шунан пәйғәмбәргә мөрәжәғәт итһә, Мин Раббы уға боттарының күплегенә күрә яуап ҡайтарырмын. Үҙенең боттары арҡаһында Миңә сит-ят булып киткән Исраил халҡы йөрәге менән аңлаһын өсөн эшләйем Мин быны». Шуға күрә Исраил халҡына әйт, Раббы Хаким былай ти: «Тәүбәгә килегеҙ, боттарығыҙҙан баш тартығыҙ, бөтә ерәнгес эштәрегеҙҙе ташлағыҙ. Әгәр Исраил нәҫеленән йәки Исраил ерендә йәшәгән килмешәктәрҙән кем дә булһа Минән ситләшһә, боттарына күңел һалып, үҙенең ҡаршыһына гонаһын абыныу ташы итеп ҡуйһа, шунан, пәйғәмбәргә килеп, Минән кәңәш һораһа, Мин, Раббы, ул әҙәмгә яуапты Үҙем бирермен. Мин ул кешегә ҡаршы боролормон, уны башҡаларға һабаҡ һәм ғибрәт итермен, халҡым араһынан ҡыуырмын. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ. Әгәр был пәйғәмбәр яңылыш пәйғәмбәрлек итә икән, уны Мин Раббы яңылыштырған булам. Мин уға ҡаршы ҡулымды күтәрермен, уны халҡым Исраил араһынан юҡ итермен. Улар икеһе лә – һорашҡан кеше лә, пәйғәмбәр ҙә ғәйепле булып, бер үк язаны алыр. Мин быны Исраил халҡы бүтән Минең юлымдан тайпылмаһын, енәйәттәре менән үҙҙәрен нәжесләмәһен өсөн эшләйем. Шунда улар Минең халҡым булыр, Мин уларҙың Аллаһы булырмын», – тип белдерә Раббы Хаким. Миңә Раббы һүҙе булды: – Эй әҙәм улы, әгәр ҙә берәй ил, Миңә булған тоғролоғон онотоп, гонаһ ҡылһа, Мин, уға ҡаршы ҡулымды күтәреп, ризыҡҡа сик ҡуйһам, уға аслыҡ ебәрһәм һәм кешеләрен, мал-тыуарын һәләк итә башлаһам, араларында ошо өс кеше: Нух, Даниил һәм Әйүп булһа, хатта улар ҙа тәҡүәлектәре менән тик үҙ йәндәрен генә һаҡлап ҡала алыр ине, – тип белдерә Раббы Хаким. – Әгәр ҙә Мин был илгә ҡырағай хайуандар ебәрһәм һәм улар уны кешеһеҙ ҡалдырһа, ил бушлыҡҡа әйләнһә, йыртҡыстар арҡаһында бер кем үтеп-һүтеп йөрөмәҫ хәлгә төшһә, ошо өс кеше унда булһа, – тип белдерә Раббы Хаким, – Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, улдарын да, ҡыҙҙарын да ҡотҡара алмаҫтар, бары тик үҙ йәндәрен генә ҡотҡарырҙар, ил иһә бушлыҡҡа әйләнер ине. Йәки Мин был илгә ҡылыс ебәрһәм һәм: «Ҡылыс, ил буйлап үт!» – тип бойорһам, кешеләрҙе һәм мал-тыуарҙы ҡыра башлаһам, ошо өс кеше унда булһа, – тип белдерә Раббы Хаким, – Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, улдарын да, ҡыҙҙарын да ҡотҡара алмаҫтар, бары үҙ йәндәрен генә ҡотҡарырҙар ине. Йәки был илгә ҡырғын ебәрһәм һәм ҡан ҡойҙорғос асыуымды яуҙырһам, кешеләрҙе һәм мал-тыуарҙы юҡ итһәм, Нух, Даниил һәм Әйүп унда булһа, – тип белдерә Раббы Хаким, – Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, хатта улар ҙа улдарын да, ҡыҙҙарын да ҡотҡара алмаҫтар, тәҡүәлектәре менән бары үҙ йәндәрен генә ҡотҡара алырҙар ине. Раббы Хаким былай ти: «Бына Мин Йәрүсәлимгә кешеләрен һәм мал-тыуарҙы юҡ итер өсөн дүрт ҡаты язамды: ҡылыс, аслыҡ, йыртҡыс януарҙар һәм үләт ебәрәм. Әммә унда иҫән ҡалғандар булыр. Тере ҡалған улдар һәм ҡыҙҙарҙы ҡаланан алып сығырҙар, һәм улар һеҙҙең янға килер. Шунда һеҙ уларҙың ҡыуған юлдарын һәм ҡылған ғәмәлдәрен күрерһегеҙ һәм, Мин Йәрүсәлимгә ебәргән бәләнең, уға ебәргән бөтә нәмәнең сәбәбен аңлап, йыуаныс табырһығыҙ. Уларҙың ҡыуған юлдарын һәм ҡылған ғәмәлдәрен күргәс, Минең ундағы эштәремдең бушҡа ғына булмағанын аңлап тынысланырһығыҙ», – тип белдерә Раббы Хаким. Миңә Раббы һүҙе булды: – Эй әҙәм улы, йөҙөм ағасының олоно урмандағы башҡа ағастарҙың ботағынан ни яғы менән яҡшыраҡ? Уны берәй нәмә яһар өсөн ҡулланалармы? Исмаһам, берәй әйберҙе элеп ҡуйыр өсөн ҡаҙаҡ яһарға эшкинерме? Бына ул яндырыр өсөн утҡа ташланыр. Ут уның остарын яндырып, уртаһын көйҙөргәндән һуң ул берәй эшкә ярармы? Бөтөн сағында бер нәмәгә лә эшкинмәгәнде, көйгән килеш ул берәй нәмәгә яраҡлымы? Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Урмандағы ағастар араһынан йөҙөм олонон утҡа ташлаған кеүек Йәрүсәлимдә йәшәүселәр менән дә шулай эшләйәсәкмен. Мин уларға ҡаршы боролормон. Улар уттан ҡасып ҡотолһалар, ялҡынға барып юлығырҙар. Мин уларға ҡаршы сыҡҡас, Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ. Халҡым Миңә хыянат иткән өсөн, Мин был илде бушлыҡҡа әйләндерермен», – тип белдерә Раббы Хаким. Миңә Раббы һүҙе булды: – Эй әҙәм улы, Йәрүсәлимгә уның ерәнгес ғәмәлдәрен белдереп һөйлә. Әйт, Раббы Хаким Йәрүсәлимгә былай ти: «Һинең тамырың, тыуған төйәгең – Ҡәнғән ере; атаң – әмөри, әсәң – хитти ҡыҙы. Тыуған көнөңдә һинең кендегеңде ҡырҡманылар, һыу менән йыуындырманылар, тоҙ менән ыуманылар һәм йүргәккә төрмәнеләр. Бер кем дә һине ҡыҙғанманы, һис кем йәлләп һиңә ошоларҙы эшләмәне. Һин тыуғанда, ерәнеп, һинән ваз кистеләр һәм ҡырға сығарып бырғанылар. Яныңдан уҙып барған сағымда ҡаныңа батып, тыбырсынып ятҡаныңды күрҙем дә, ҡан эсендәге һиңә: „Йәшә!“ – тинем. Эйе, ҡанға батҡан һиңә әйттем: „Йәшә!“ Һине ҡырҙағы үлән кеүек үҫтерҙем. Үҫеп буйға еттең, күркәмләндең, түштәрең йомроланды, толомдарың оҙонайҙы. Әммә һин яланғас, шәрә инең. Ҡабат яныңдан үтеп барған саҡта һине күреп ҡалдым. Һинең һөйөү өсөн өлгөргәнеңде күреп, сабыуым менән яланғас тәнеңде ҡапланым. Ант итеп, һинең менән килешеү төҙөнөм, – тип белдерә Раббы Хаким. – Шунда һин Минеке булдың. Һине һыу менән йыуҙым, ҡандан таҙарттым, зәйтүн майы менән майланым. Өҫтөңә – сигеүле кейемдәр, аяғыңа зәңгәр күндән тегелгән ҡата кейҙерҙем, нәфис етен билбау менән билеңде быуҙым һәм һине затлы туҡымаға төрҙөм. Биҙәүестәр менән матурланым, беләгеңде – беләҙектәр, муйыныңды мунсаҡ менән биҙәнем. Танауыңа һәм ҡолаҡтарыңа алҡа таҡтым, башыңа гүзәл таж кейҙерҙем. Алтын-көмөш менән биҙәндең, кейемдәрең нәфис етендән, сигелгән затлы туҡыманан булды. Иң яҡшы бойҙай ононан бешерелгән икмәк, бал да май ашаның, иҫ киткес күркәм инең, батшабикәгә оҡшап ҡалдың. Гүзәллегең хаҡында ҡәүемдәр араһында дан таралды, сөнки Мин һиңә биргән күркәмлек гүзәллегеңде камил иткәйне, – тип белдерә Раббы Хаким. – Әммә һин гүзәллегеңә ышандың, шөһрәтең менән файҙаланып, фәхешлек юлына баҫтың, һәр үткенсе менән зина ҡылдың. Мин һиңә биргән кейемдәреңдең бер өлөшө менән табыныу ҡалҡыулыҡтарыңды биҙәп, уларҙың өҫтөндә быға тиклем булмағанса һәм киләсәктә лә булмаҫтай фәхешлек иттең. Һиңә Мин биргән алтын һәм көмөш биҙәнгестәрҙән ир-ат һындары яһаның һәм улар менән зина ҡылдың. Уларға нағышлы күлдәктәреңде кейҙерҙең, уларҙың алдына Минең зәйтүн майымды һәм хуш еҫле сайырымды ҡуйҙың. Мин һиңә биргән ашамлыҡтарҙы – һине туҡландырған иң яҡшы бойҙай онон, майҙы, балды – хуш еҫле төтәтеү ҡорбаны итеп алдарына ҡуйҙың. Тап шулай булды, – тип белдерә Раббы Хаким. – Минең өсөн тыуҙырған улдарыңды һәм ҡыҙҙарыңды алып, уларҙы боттарыңа ризыҡ итеп ҡорбан ҡылдың. Фәхешлегең генә етмәгән, һин, Минең балаларымды салып, утта боттарға ҡорбан иттең. Ошо әшәкелектәреңде эшләгәндә һәм зина ҡылғанда һин үҙеңдең йәш сағыңды – яланғас, шәп-шәрә, ҡаныңа батып, тыбырсынып ятҡан ваҡытыңды – иҫеңә төшөрмәнең. Эй, ҡайғы һиңә, ҡайғы! – тип белдерә Раббы Хаким. – Ҡылған ҡәбәхәтлектәрең етмәгәндәй, үҙеңә убалар ҡорҙоң, һәр майҙанда табыныу ҡалҡыулыҡтары төҙөнөң. Һәр юлдың сатында табыныу ҡалҡыулыҡтары яһап, үҙеңдең гүзәллегеңде нәжесләнең, һәр үткенсе алдында тарбаңлап яттың һәм фәхешлегеңде арттырҙың. Күршеләрең, енси дәрте ташып торған Мысыр улдары менән зина ҡылдың. Үҙеңдең тыйғыһыҙ аҙғынлығың менән Мине ярһыттың. Шунда Мин һиңә ҡаршы ҡулымды күтәрҙем. Ризығыңды кәметеп, һине дошмандарың булған пелешти ҡыҙҙары ихтыярына бирҙем. Хатта улар ҙа һинең әхлаҡһыҙ ҡылығыңдан оялды. Һин ашшурҙар менән дә зина ҡылдың, ләкин туйманың; уйнаш иттең, әммә ҡәнәғәтләнмәнең. Боҙоҡлоғоңдо сауҙагәрҙәр иле булған Халдей ерҙәренә тиклем йәйелдерҙең, тик бының менән дә ҡәнәғәтлек тапманың. Быларҙың барыһын да ҡылған сағыңда нәфсең шул тиклем аҙғын ине, – тип белдерә Раббы Хаким, – һин хаяһыҙ фәхишә һымаҡ ҡыландың! Һәр юлдың сатында фәхеш убалары ҡорҙоң, һәр майҙанға табыныу ҡалҡыулыҡтары өйҙөң. Хатта фәхишә кеүек тә булманың һин, сөнки түләү итеп бирелгән бүләктәрҙе кире ҡаҡтың. Зина ҡылған, ире урынына яттарҙы ҡабул иткән уйнашсы ҡатын булдың. Фәхишәләргә хаҡ түләйҙәр. Ә һин үҙең бөтә уйнаштарыңа бүләк тараттың. Фәхешлек итергә һәр яҡтан һиңә килһендәр өсөн үҙең ришүәт бирҙең. Фәхешлегеңдә башҡа ҡатындарға оҡшамағанһың, сөнки һис кем, уйнаш итергә өгөтләп, артыңдан баҫтырманы, һиңә бүләк бирмәнеләр, үҙең бүләк өләштең. Был йәһәттән һин башҡаларҙан шулай айырылып тораһың». Шуға күрә Раббы һүҙен тыңла, эй фәхишә! Раббы Хаким былай ти: «Аҙғынлыҡҡа бирелгәнең һәм фәхешлек иткәндә уйнаштарың алдында оятың асылған өсөн, бөтә ерәнгес боттарың һәм һин уларға биргән балаларыңдың ҡаны өсөн – шуларҙың барыһы өсөн, ләззәтләнгән бөтә уйнаштарыңды – һөйгәндәреңде лә, күрә алмағандарыңды ла – бергә йыям. Һәр тарафтан уларҙы туплап, алдарында шәрәлегеңде асам; улар һинең хурлыҡҡа ҡалыуыңды күрер. Мин һиңә зина ҡылған һәм кеше ҡаны ҡойған ҡатындарға биргән язаны бирәм – һине, көнсөллөгөмдән ярһып, үлемгә дусар итәм. Мин һине уйнаштарыңдың ҡулына тапшырам. Улар убаларыңды емерерҙәр, табыныу ҡалҡыулыҡтарыңды туҙҙырырҙар. Өҫтөңдәге кейемеңде йыртып бырғарҙар, биҙәнгестәреңде тартып алырҙар, һине яланғас, шәп-шәрә килеш ҡалдырырҙар. Ғәм халыҡты һиңә ҡаршы күтәрерҙәр, улар һине таш бәреп үлтерер һәм ҡылыс менән тураҡлап ташлар. Өйҙәреңде үртәрҙәр, һине бик күп ҡатындар алдында язаларҙар. Мин һинең фәхешлегеңә сик ҡуясаҡмын, башҡаса уйнаштарыңа бүләк өләшмәҫһең. Бары шул саҡта ғына һиңә булған асыуым ҡаныр һәм көнсөллөгөм баҫылыр, тынысланырмын һәм ярһыуым үтер. Йәш сағыңды иҫеңдә тотмаған һәм ҡылған эштәрең менән асыуымды килтергән өсөн, был ғәмәлдәреңдең әжерен башыңа төшөрәсәкмен, – тип белдерә Раббы Хаким. – Бөтә был әшәкелектәреңә өҫтәп, боҙоҡлоҡҡа ла бирелмәнеңме ни? Кешеләр һинең хаҡта һөйләгәндә „әсәһе ниндәй булһа, ҡыҙы ла шундай“ тигән мәҡәлде иҫенә төшөрәсәк. Ире менән балаларын һанға һуҡмаған әсәңдең ҡыҙы һин, ирҙәре менән балаларын һанға һуҡмаған ҡыҙ туғандарыңдың туғаныһың. Әсәң – хитти ҡыҙы, ә атайың әмөри ине. Өлкән апайың – ҡыҙҙары менән һинән төньяҡта йәшәгән Самария, ә һеңлең – ҡыҙҙары менән һинән көньяҡта йәшәгән Содом. Әммә һин уларҙың ғына юлын ҡыуып, уларҙың ғына әшәкелектәрен ҡылып ҡалманың, был ғына һиңә аҙ тойолдо, һин уларға ҡарағанда ла аҙғыныраҡ булдың. Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, – тип белдерә Раббы Хаким, – һеңлең Содом да, ҡыҙҙары ла һин ҡыҙҙарың менән ҡылғанды эшләмәне. Һеңлең Содомдың ғәйебе бына нимәнән ғибәрәт ине: үҙе лә, ҡыҙҙары ла тәкәббер булдылар, туйып шаштылар, эшһеҙлектән аҙҙылар, фәҡирҙәр менән мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙманылар. Улар эреләнде, Миңең хозурымда ерәнгес эштәр ҡылды, һәм Мин, быны күреп, уларҙы юҡ иттем. Самария һин ҡылған гонаһтарҙың яртыһын да эшләмәне. Әшәкелектә һин уларҙан арттырып ебәрҙең. Ҡылған ҡәбәхәтлектәрең алдында апайың менән һеңлең тоғрораҡ булып күренде. Һин хурлығыңды үҙең күтәр. Сөнки ҡыҙ туғандарыңды бер ни тиклем аҡланың. Ҡылған гонаһтарың уларҙыҡынан да ерәнгесерәк булғанға күрә, уларҙы тоғрораҡ итеп күрһәттең. Оятыңдан һин дә ҡыҙар, ҡыҙ туғандарыңды шул рәүешле аҡлап, мәсхәрәңде күтәр! Әммә, бер көн килеп, Мин Содом менән уның ҡыҙҙарын, Самария менән уның ҡыҙҙарын, улар менән бергә һине яңынан мул, имен тормошҡа ҡайтарырмын. Эшләгәндәрең өсөн оялһын, хурлығыңды үҙең күтәрһен һәм шуның менән улар өсөн йыуаныс булып торһон тип эшләйем Мин быны. Ҡыҙ туғандарың Содом һәм Самария менән ҡыҙҙары ла, ҡыҙҙарың менән һин дә элекке хәлегеҙгә ҡайтасаҡһығыҙ. Үҙеңдең аҙғынлығың һәм әшәкелектәрең өсөн язаһын күтәрәсәкһең», – тип белдерә Раббы. Раббы Хаким былай ти: «Һин, килешеүҙе боҙоп, антыңдан ваз кистең. Шуға күрә Мин дә һинең менән шулай итәсәкмен. Әммә Мин, һинең менән йәш сағыңда төҙөгән килешеүҙе иҫтә тотоп, һинең менән мәңгелек килешеүҙе тергеҙәсәкмен. Апайҙарыңды һәм һеңлеләреңде үҙ яныңа алғас, ҡыуған юлыңды иҫеңә төшөрөрһөң, һәм һиңә оят булыр. Һинең менән төҙөгән килешеүҙә булмаһалар ҙа, уларҙы, ҡыҙҙарың булһындар тип, һиңә бирермен. Һинең менән килешеүҙе нығытырмын, шунда Минең Раббы икәнемде белерһең. Ҡылған ғәмәлдәреңдең бөтәһен дә Мин ғәфү иткәндән һуң, һин быларҙың барыһын да хәтереңдә тоторһоң, оятыңдан ҡыҙарырһың һәм бынан ары хурлығыңдан ауыҙыңды асырға ла баҙнат итмәҫһең», – тип белдерә Раббы Хаким. Миңә Раббы һүҙе булды: – Эй әҙәм улы, Исраил нәҫеленә бер йомаҡ әйт һәм бер хикмәтле һүҙ һөйләп бир. Уларға әйт, Раббы Хаким былай ти: «Оҙон ҡауырһынлы, ҡабарынҡы мамыҡлы, ҙур ҡанатлы олоғара сыбар бер бөркөт Ливанға осоп килде. Бер кедр ағасының осон эләктерҙе лә уның иң өҫкө ботағын һындырып алды. Шунан уны алыш-биреш итеүселәр иленә алып китте, сауҙагәрҙәр ҡалаһына алып барып ултыртты. Ошо ерҙең орлоғон алып, уңдырышлы тупраҡҡа сәсте, уны тал ботағы һымаҡ ағын һыу буйына ултыртты. Ул тамырланды, тәпәшәк кенә, әммә ҡуйы йөҙөм ағасы булып үрелеп үҫте. Тәлгәштәре бөркөткә табан тартылды, тамырҙары иһә аҫта ине. Шулай итеп, үрсем биргән, ботаҡ йәйгән бер йөҙөм үҫентеһе булды. Йәнә бер оҙон ҡанатлы, ҡабарынҡы мамыҡлы ҙур бөркөт бар ине. Бына йөҙөм үҫентеһе үҙенең тамырҙарын был бөркөт яғына һуҙҙы, һуғарһын тип, ботаҡтары менән ултырған урынынан уға үрелде. Әммә ул былай ҙа, тәлгәшләнһен, емеш бирһен, күркәм бер йөҙөм ағасы булһын өсөн, ағыр һыу буйҙарындағы уңдырышлы тупраҡҡа ултыртылғайны бит инде». Һин әйт, Раббы Хаким былай ти: «Был йөҙөм имен генә үҫеп китерме? Ҡороһон тип, бөркөт уның тамырҙарын йолҡмаҫмы, емештәрен өҙмәҫме? Уның ботаҡтарындағы йәшел япраҡтары ҡорор. Тамырынан тартып алып бырғар өсөн көслө ҡул да, күп халыҡ та кәрәк булмаҫ. Бына, ул ултыртылған, әммә имен генә үҫә алырмы? Көнсығыш еле ҡағылыу менән ҡороп ҡалмаҫмы? Әллә үҫеп сыҡҡан урынында һулып ҡалырмы?» Миңә Раббы һүҙе булды: – Был фетнәсел халыҡҡа әйт: «Ошоларҙың нимә аңлатҡанын белмәйһегеҙме ни?» Уларға әйт: «Ана, Бабил батшаһы Йәрүсәлимгә килде, уның батшаһы менән түрәләрен әсир итеп, Бабилға, үҙенә алып китте. Шунан батша тоҡомонан булған берәүҙе алып, уның менән килешеү төҙөнө һәм ант иттерҙе. Илдең арҙаҡлы кешеләрен дә тотҡонға алды. Батшалыҡ күндәм булһын, күтәрелмәһен, килешеүҙе һаҡлап, ныҡ торһон өсөн шулай эшләне. Әммә ул кеше Бабил батшаһына ҡаршы баш күтәрҙе, үҙенә аттар һәм ҙур ғәскәр ебәрһен өсөн Мысырға илселәр ебәрҙе. Уңыш ҡаҙанырмы ул? Ошоларҙы эшләгән кеше ҡотолормо? Төҙөгән килешеүҙе боҙҙо – ҡотола алырмы? Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, – тип белдерә Раббы Хаким, – ул Бабилда үлеп ҡаласаҡ. Ул илдең батшаһы уны тәхеткә ултыртты, ә ул, биргән антынан ваз кисеп, уның менән төҙөшкән килешеүҙе боҙҙо. Бабилдар бик күптәрҙе ҡырыр өсөн тупраҡтан ҡамау убалары өйгәндә, ҡаланы уратып нығытмалар төҙөгәндә, фирғәүен ҡеүәтле ғәскәре һәм күп һанлы яугирҙәре менән һуғышта уға ярҙамсы булмаясаҡ. Төҙөгән килешеүен боҙоп, ул антынан ваз кисте. Тоғро булырға вәғәҙә биргәйне, ә үҙе ошоларҙың барыһын да эшләне, шуға күрә ул ҡасып ҡотола алмаясаҡ». Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, Миңә биргән антынан ваз кискән, килешеүемде боҙған өсөн Мин был ғәмәлдәренең әжерен башына төшөрәсәкмен. Уның өҫтөнә ауымды ырғытырмын, тоҙағыма ҡаптырып, Бабилға килтерермен, Миңә хыянат иткән өсөн уға шунда хөкөм ҡылырмын. Уның ҡасҡан бөтә яугирҙәре ҡылыстан ҡырылыр, иҫән ҡалғандары донъяның һәр тарафына таратылыр. Шул ваҡытта ошоларҙы Мин Раббы әйткәнен белерһегеҙ». Раббы Хаким былай ти: «Мин кедр ағасының иң башынан Бер ботаҡ алып үҫтерәсәкмен. Иң юғары ботаҡтарынан иң нәфисен алып, Бөйөк һәм мөһабәт тауға ултыртасаҡмын. Исраилдың бейек тауына ултыртырмын уны. Ботаҡланыр, емешләнер, Мәғрур кедр ағасы булыр, Аҫтына төрлө ҡоштар һыйыныр, Ботаҡтарының күләгәһендә оя ҡорор. Ҡырҙағы бөтә ағастар Бейек ағасты тәпәшәйткән, Тәпәште бейегәйткән, Йәшел ағасты ҡоротҡан, Ҡоро ағасты сәскә аттырған Мин Раббы икәнде аңлар. Мин, Раббы, әйттем быны һәм Әйткәнемде бойомға ашырасаҡмын». Миңә Раббы һүҙе булды: – Исраил ере тураһында «Аталары бешмәгән йөҙөм ашаны, балаларының теше ҡамашты», – тигән мәҡәл менән нимә әйтмәксе булаһығыҙ? Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, – тип белдерә Раббы Хаким, – һеҙ Исраилда был мәҡәлде башҡа әйтмәйәсәкһегеҙ. Белеп ҡуйығыҙ: һәр кешенең йәне Минеке: атаның йәне Минеке булған һымаҡ, баланың йәне лә Минеке. Кем гонаһ ҡылған, шул үләсәк! Әйтәйек, берәү тәҡүә, Ул ғәҙел, тоғро ғәмәлдәр ҡыла, Тауҙарҙа боттарға килтерелгән ҡорбандарҙы ашамай, Исраил нәҫеленең боттарына табынмай, Яҡынының ҡатынын нәжесләмәй; Күрем күргән ҡатынға яҡынламай, Бер кемде лә ҡыйырһытмай, Бурысҡа алғандың аманатын ҡайтара, Кеше таламай, Асҡа икмәк, яланғасҡа кейем бирә, Үтескә биргән өсөн килем талап итмәй, Яуызлыҡтан ҡулын тыя; Ике кеше араһында ғәҙел хөкөм йөрөтә, Минең ҡанундарыма күрә эш итә, Ҡағиҙәләремде ихлас тота – Шул тәҡүә кеше. Һис шикһеҙ, ул йәшәйәсәк, – тип белдерә Раббы Хаким. – Әйтәйек, ул кешенең бер улы булһа, Һәм ул юлбаҫарлыҡ ҡылһа, ҡан түкһә, Туғанына ҡаршы ошоларҙың береһен эшләһә, Атаһы ҡылмаған эштәрҙе ҡылһа: Тауҙарҙа боттарға килтергән ҡорбанды ашаһа, Яҡынының ҡатынын нәжесләһә, Фәҡир менән хәйерсене ҡыйырһытһа, Кеше талаһа, аманатты ҡайтармаһа, Боттарға табынһа, Ерәнгес эштәр ҡылһа, Килем алыр өсөн үтескә аҡса бирһә, Уны арттырып алһа, Бындай кеше тере ҡалырмы? Юҡ, ул тере ҡала алмай! Бөтә был әшәкелектәрҙе ҡылған өсөн Ул һис шикһеҙ үлтерелер. Үлемендә үҙе ғәйепле булыр. Әйтәйек, был улдың да бер улы булыр. Ул, атаһы ҡылған бөтә гонаһтарҙы күреп, Уларҙың береһен дә ҡабатламаһа – Тауҙарҙа боттарға килтергән ҡорбанды ашамаһа, Исраил нәҫеленең боттарына табынмаһа, Яҡынының ҡатынын нәжесләмәһә, Кешене ҡыйырһытмаһа, Бурыс өсөн аманат алмаһа, Һис кемде таламаһа, Асҡа – икмәк, яланғасҡа кейем бирһә, Яуызлыҡтан ҡулын тыйһа, Үтескә аҡса биреп, арттырып түләтмәһә, Ҡанундарым буйынса йәшәһә, Ҡағиҙәләремде ихлас тотһа – Ул атаһының гонаһы өсөн үлмәҫ, Һис шикһеҙ ғүмерен һаҡлап ҡалыр. Ә атаһы үҙенең ғәйебе арҡаһында үлер. Сөнки залим булды, ҡәрҙәштәрен таланы, Халҡы араһында яманлыҡ ҡылды. Һеҙ: «Ни өсөн улы атаһының ғәйебе өсөн яуап бирмәй?» – тип һорайһығыҙ. Сөнки был улан ғәҙел һәм тоғро булғанды эшләй, Минең бөтә ҡағиҙәләремде үтәй, уларҙы бойомға ашыра. Әлбиттә, был кеше йәшәйәсәк. Гонаһ ҡылған кеше үләсәк. Улы атаһының ғәйебен үҙ өҫтөнә алмаҫ, ата улының ғәйебен үҙ өҫтөнә алмаҫ. Тәҡүә кеше – тәҡүәлегенең, яуыз кеше яуызлығының әжерен алыр. Яуызлыҡ эшләгән кеше, гонаһ ҡылыуҙан баш тартһа, бөтә ҡағиҙәләремде теүәл үтәһә, ғәҙел һәм дөрөҫ ғәмәлдәр ҡылһа, мотлаҡ йәшәр, үлмәҫ. Эшләгән енәйәттәренең береһе лә иҫкә алынмаҫ: ҡылған ғәҙеллеге арҡаһында йәшәр. Әллә Мин яуыз кешенең үлеменән һөйөнөс табаммы? – тип белдерә Раббы Хаким. – Мин уның яман юлынан баш тартыуын һәм йәшәүен теләйем. Тоғро кеше, хаҡлыҡтан тайпылып, яманлыҡ эшләһә, яуыз кеше ҡылған бөтә ерәнгес эштәрҙе ҡылһа, йәшәйәсәкме? Эшләгән яҡшылыҡтарының береһе лә иҫәпкә алынмаҫ. Ул хыянат ҡылған өсөн, эшләгән гонаһтары өсөн үлер. Әммә һеҙ: «Раббының юлы дөрөҫ түгел!» – тиһегеҙ. Эй Исраил нәҫеле, тыңла: Минең юлым дөрөҫ түгелме? Үҙегеҙҙең юлдарығыҙ яңылыш түгелме һуң? Тоғро кеше, үҙенең хаҡ юлын ташлап, енәйәт ҡылһа, шул арҡала үләсәк. Эйе, эшләгән енәйәте арҡаһында үләсәк ул. Әгәр яуыз кеше, ҡылған яманлығынан баш тартып, ғәҙел һәм тоғро булғанды ҡылһа, үҙенең йәнен ҡотҡарыр. Ҡылған бөтә енәйәттәрен танып, ихлас күңелдән ваз кискәнгә күрә, ул мотлаҡ йәшәр, үлмәҫ. Ә Исраил нәҫеле: «Раббының юлы дөрөҫ түгел», – ти. Эй Исраил нәҫеле, Минең юлдарым дөрөҫ түгелме? Үҙегеҙҙең юлдарығыҙ яңылыш түгелме һуң? Шуға күрә, эй Исраил нәҫеле, һеҙҙең һәр берегеҙҙе тотҡан юлығыҙға ҡарап хөкөм итәсәкмен, – тип белдерә Раббы Хаким. – Тәүбәгә килегеҙ! Гонаһығыҙ абыныу ташы булмаһын өсөн бөтә енәйәттәрегеҙҙән ваз кисегеҙ. Ҡылған бөтә гонаһтарығыҙҙы ташлағыҙ. Үҙегеҙ өсөн яңы йөрәк, яңы рух булдырығыҙ! Ни өсөн һеҙгә үлергә, эй Исраил нәҫеле? Мин бер кемдең дә үлеменә ҡыуанмайым, – тип белдерә Раббы Хаким. – Гонаһтарығыҙҙан ваз кисегеҙ ҙә йәшәгеҙ! – Ә һин Исраил хакимдары өсөн һыҡтау йырлап әйт: «Нимә ине һинең әсәң? Арыҫландар араһында бер инә арыҫлан! Ул йәш арыҫландар араһында ятыр, Балаларын үҫтерер ине. Балаларының береһен ҙурайтҡайны, Ул йәш арыҫланға әйләнде, Ҡорбанын йыртҡысларға өйрәнде – Кешеләр ашаны. Ҡәүемдәр уның хаҡында ишеттеләр; Арыҫланды үҙҙәре ҡаҙған соҡорға төшөрҙөләр. Моронона ырғаҡ ҡаҙап Уны Мысырға һөйрәкләнеләр. Инә арыҫлан, уны көтөп, өмөтөн юйғас, Балаһының икенсеһен алды, Уны йәш арыҫлан итеп үҫтерҙе. Был бала йәш арыҫландар араһында йөрөнө, Ул да йәш арыҫлан булды. Табышын йыртҡысларға өйрәнде – Кешеләр ашаны. Уларҙың ҡәлғәләрен емерҙе, Ҡалаларын харабаға әйләндерҙе; Илдә йәшәгән барыһы Уның ырылдауынан ҡурҡыуға төштө. Шул саҡ тирә-яҡ ерҙәрҙең кешеләре Уға ҡаршы күтәрелде. Өҫтөнә ау ташланы, Уны тоҙаҡтарына төшөрҙө. Уны, ырғаҡ менән эләктереп, Ситлеккә ултырттылар, Бабил батшаһына килтерҙеләр; Тауышы Исраил тауҙарында Башҡаса ишетелмәһен тип, Уны бик аҫтында тоттолар. Һинең әсәң һыу буйындағы баҡсала Үҫкән бер йөҙөм ағасы һымаҡ ине. Мул һыуҙарҙан тәлгәше суҡ булды, Емеше уңды. Ботағы батшаға хакимлыҡ таяғы Яһарлыҡ кимәлдә көслө ине. Ҡуйы япраҡтары араһында Олоно болоттарға олғашты. Бейеклеге, суҡлығы менән айырылып торҙо. Әммә уны, асыу менән Йолҡоп сығарып, ергә аттылар. Шәреҡ еле уны ҡоротто, Емештәре йолҡоп алынды, Көслө ботаҡтары һулыны, Уларҙы ут ялманы. Инде сүлгә, Һыуһыҙ ҡоро ергә күсерелде. Олононан ут сыҡты ла Емештәрен ялмап алды, Хакимлыҡ таяғы булырлыҡ Көслө ботағы ҡалманы». Был – һыҡтау йыры, ул һыҡтау йыры булып ҡаласаҡ. Һөргөндә йәшәүебеҙҙең етенсе йылында, бишенсе айҙың унынсы көнөндә Исраил аҡһаҡалдарының ҡайһы берәүҙәре Раббынан кәңәш һорар өсөн килеп ҡаршыма ултырҙы. Шунда миңә Раббы һүҙе булды: – Эй әҙәм улы, Исраил аҡһаҡалдарына әйт, белдер уларға, Раббы Хаким былай ти: «Һеҙ Минән кәңәш һорарға килдегеҙме? Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, Мин һеҙҙең һорауҙарығыҙға яуап бирмәйәсәкмен», – тип белдерә Раббы Хаким. – Хөкөм ҡылаһыңмы уларға, эй әҙәм улы, дәғүәләшәһеңме улар менән? Аталарының ерәнгес эштәрен һөйләп бир уларға. Уларға әйт, Раббы Хаким былай ти: «Исраилды һайлап алған көнөмдә, ҡулымды күтәреп, Яҡуп тоҡомона ант иттем, Мысыр ерендә уларға Үҙемде таныттым: „Мин Раббы – һеҙҙең Аллағыҙ!“ – тип ант иттем. Шул көндө уларҙы Мысырҙан алып сығырға, улар өсөн һайлаған иң гүзәл ергә – һөт һәм бал ағып ятҡан ергә алып барырға ант иттем. Мин уларға, һәр берегеҙ бил бөккән ерәнгес һындарҙы алып быраҡтырһын, Мысырҙың боттары менән үҙен нәжесләмәһен, Мин Раббы – һеҙҙең Аллағыҙ, тинем. Әммә улар Миңә ҡаршы баш күтәрҙе, әйткәнемә ҡолаҡ һалманы. Бер кем дә үҙе бил бөккән ерәнгес боттарҙы алып ташламаны, Мысырҙың боттарын ырғытманы. Шунда Мысырҙа ярһыуымды уларҙың өҫтөнә яуҙырасағымды, асыуымды түгәсәгемде әйттем. Әммә Мин Үҙемдең исемем хаҡына, улар араларында йәшәгән ҡәүемдәр алдында исемемә тап төшмәһен өсөн быны эшләмәнем, сөнки уларҙың күҙе алдында исраилдарҙы Мысырҙан алып сыҡҡан сағымда Үҙемде танытҡайным. Шуның өсөн Мин Исраил халҡын Мысырҙан сығарҙым һәм сүллеккә алып килдем. Уларҙы үтәгән кешегә йәшәү биргән бойороҡтарымды бирҙем, ҡанун-ҡағиҙәләремде белдерҙем. Шулай уҡ арабыҙҙағы килешеү билдәһе итеп, уларға шәмбе көнө бирҙем. Шул саҡта Минең уларҙы изге ҡылыр өсөн Үҙемә айырып алған Раббы икәнемде беләсәктәр, тинем. Әммә Исраил нәҫеле сүлдә Миңә ҡаршы баш күтәрҙе. Уларҙы үтәгән кешегә йәшәү биргән бойороҡтарымды тотманы, ҡанун-ҡағиҙәләремде инҡар итте, шәмбе көндәремде бөтөнләй боҙҙо. Шуға күрә ярһыуымды уларҙың өҫтөнә яуҙырасағымды һәм сүлдә уларҙы юҡ итәсәгемде әйттем. Әммә исраилдарҙы Мысырҙан алып сыҡҡанымды күргән ҡәүемдәр күҙендә Мин Үҙемдең исемем хаҡына, исемемә тап төшмәһен өсөн улай эшләмәнем. Мин сүлдә уларға ҡулымды күтәреп ант иттем: уларҙы иң гүзәл ергә, һөт һәм бал ағып ятҡан ергә алып инмәйәсәкмен. Сөнки улар ҡағиҙәләремде кире ҡаҡты, бойороҡтарымды тыңламаны, шәмбе көндәремде боҙҙо, уларҙың күңелдәре боттарына береккәйне. Шуға ҡарамаҫтан, Мин уларҙы ҡыҙғандым, уларҙы һәләк итмәнем, сүлдә ҡырып ташламаным. Сүлдә уларҙың балаларына әйттем: „Аталарығыҙҙың йолалары буйынса йәшәмәгеҙ, уларҙың ҡағиҙәләрен тотмағыҙ, боттары менән үҙегеҙҙе нәжесләмәгеҙ. Мин Раббы – һеҙҙең Аллағыҙ. Минең ҡағиҙәләрем буйынса йәшәгеҙ, бойороҡтарымды тотоғоҙ һәм уларҙы ғәмәлгә ашырығыҙ. Шәмбеләремде изге тип белегеҙ. Улар Минең менән һеҙҙең арала килешеү билдәһе булып ҡалһын. Шунда Минең Раббы, һеҙҙең Аллағыҙ, икәнемде белерһегеҙ“. Әммә балалары ла Миңә ҡаршы баш күтәрҙе: уларҙы үтәгән кешегә йәшәү биргән бойороҡтарымды тотманы, ҡанун-ҡағиҙәләрем буйынса йәшәмәне, шәмбе көндәремде һанламаны. Шунда Мин сүлдә ярһыуымды уларҙың өҫтөнә яуҙырасағымды, асыуымды түгәсәгемде әйттем. Әммә ҡулымды тыйҙым. Исраилдарҙы Мысырҙан алып сыҡҡанымды күргән ҡәүемдәр алдында исемем хаҡына, исемем хурлыҡҡа ҡалмаһын өсөн Мин быны эшләмәнем. Мин сүлдә уларҙы ҡәүемдәр араһына таратырға, төрлө ерҙәргә һибергә ант иттем, сөнки ҡанун-ҡағиҙәләремде үтәмәнеләр, бойороҡтарымды кире ҡаҡтылар, шәмбе көндәремде боҙҙолар, ата-бабаларының боттарына күҙ төбәнеләр. Мин дә уларға яман ҡағиҙәләр, йәшәр өсөн яраҡһыҙ ҡанундар бирҙем. Уларға килтергән саҙаҡалары – тәүге булып тыуған һәр ир баланы утта ҡорбан итеү менән үҙҙәрен нәжесләргә ихтыяр бирҙем. Дәһшәткә төшһөндәр һәм Минең Раббы булғанымды белһендәр өсөн эшләнем быны». Шуға күрә, эй әҙәм улы, Исраил халҡына һөйлә, әйт уларға, Раббы Хаким былай ти: «Һеҙҙең аталарығыҙ, Миңә хыянат итеп, бына тағы нисек хурланылар: Мин бирәм тип ант иткән илгә уларҙы алып килгәндән һуң, улар һәр бейек ҡалҡыулыҡ, суҡ япраҡлы ағас күреү менән, шунда ҡорбан сала, Мине асыуландырырлыҡ саҙаҡаларын килтерә, хуш еҫ төтәтә, шарап ҡорбандары түгә башланы. Мин уларҙан: „Һеҙ бара торған ниндәй ҡалҡыулыҡ ул?“ – тип һораным. Шуға күрә ул урындар бөгөнгә тиклем Бама тип атала». Шуға күрә Исраил халҡына әйт, Раббы Хаким былай ти: «Аталарығыҙ һымаҡ һеҙ ҙә үҙегеҙҙе нәжесләмәйһегеҙме? Уларҙың ерәнгес боттары артынан эйәреп зина ҡылмайһығыҙмы? Һеҙ, боттарға бүләктәр килтереп, балаларығыҙҙы утта яндырып, бөгөнгә тиклем бөтә боттарығыҙ менән үҙегеҙҙе нәжесләйһегеҙ. Шулай икән, нисек килеп Минән кәңәш һорарға баҙнат итәһегеҙ, эй Исраил нәҫеле? Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, – тип белдерә Раббы Хаким, – һеҙгә һорарға рөхсәт бирмәйәсәкмен. Һеҙ: „Ағасҡа, ташҡа табынған ҡәүемдәр, ят ҡәбиләләр кеүек буласаҡбыҙ“, – тиһегеҙ. Әммә был ниәтегеҙ бер ваҡытта ла ғәмәлгә ашмаҫ. Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, – тип белдерә Раббы Хаким, – һеҙгә ҡөҙрәтем, һуҙылған ҡулым һәм көслө асыуым менән хакимлыҡ итәсәкмен. Ҡөҙрәтем, һуҙылған ҡулым менән, көслө асыуымды түгеп, һеҙҙе халыҡтар араһынан сығарасаҡмын, Үҙем таратҡан илдәрҙән йыйып аласаҡмын. Һеҙҙе халыҡтарҙың сүленә алып барасаҡмын һәм шунда һеҙҙең менән йөҙмә-йөҙ хөкөмләшәсәкмен. Аталарығыҙ менән Мысыр сүлендә нисек хөкөмләшкәнмен, һеҙҙең менән дә шулай хөкөмләшәсәкмен, – тип белдерә Раббы Хаким. – Һеҙҙе көтөүсе таяғым аҫтынан үткәрәсәкмен һәм килешеүемдең теҙгененә индерәсәкмен. Мин һеҙҙе фетнәселәрҙән, Миңә буйһонмаған кешеләрҙән таҙартасаҡмын. Мин уларҙы килмешәк булып йәшәгән илдән сығарып ебәрермен, әммә улар Исраил еренә аяҡ баҫмаясаҡ. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ. Эй Исраил халҡы, Раббы Хаким былай ти: „Әгәр ҙә Мине тыңламайһығыҙ икән, китеп, һәр берегеҙ үҙегеҙҙең боттарығыҙға табынығыҙ. Әммә бүләктәрегеҙ һәм боттарығыҙ менән Минең изге исемемде башҡаса бысратаһы булмағыҙ. Сөнки мөҡәддәс тауымда, Исраилдың бейек тауында, – тип белдерә Раббы Хаким, – бөтә Исраил нәҫеле, илендә күпме бар, бөтөнөһө, Миңә хеҙмәт итәсәк. Унда уларҙы рәхәтләнеп ҡабул итәсәкмен, саҙаҡаларығыҙҙы, тәүге уңыш ҡорбандарын, бөтә мөҡәддәс бүләктәрегеҙҙе ҡабул итәсәкмен. Халыҡтар араһынан сығарып, таралған илдәрегеҙҙән йыйып алғас, һеҙҙе хуш еҫ ҡорбанылай ҡабул итәсәкмен. Ҡәүемдәрҙең күҙе алдында арағыҙҙа Үҙемдең изгелегемде күрһәтәсәкмен. Ата-бабаларығыҙға ант итеп вәғәҙә биргән Исраил еренә һеҙҙе алып ингәнемдә Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ. Унда үҙегеҙҙе нәжесләгән ҡылыҡтарығыҙҙы, ғәмәлдәрегеҙҙе иҫегеҙгә төшөрөрһөгөҙ һәм ҡылған яуызлыҡтарығыҙ өсөн үҙегеҙҙән ерәнерһегеҙ. Эй Исраил нәҫеле, һеҙҙең менән яуыз юлдарығыҙға, аҙғын эштәрегеҙгә күрә түгел, исемем хаҡына мөғәмәлә иткәнемдә, Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ“», – тип белдерә Раббы Хаким. Миңә Раббы һүҙе булды: – Эй әҙәм улы, йөҙөңдө көньяҡҡа табан бор, көньяҡҡа өндәш, Негев урманына ҡаршы пәйғәмбәрлек ит. Негев урманына әйт: «Раббы һүҙенә ҡолаҡ һал, Раббы Хаким былай ти: „Бына Мин һиңә ут төртәм. Ул бөтә ағастарҙы – йәшәреп ултырғанын да, ҡороғанын да – ялмаясаҡ. Дөрләгән ялҡын һүнмәйәсәк, һәм көньяҡтан төньяҡҡа тиклем бөтәһенең дә йөҙҙәре өтөләсәк. Ут төртөүсенең Мин – Раббы икәнен барлыҡ йән эйәләре лә күрәсәк. Ул ялҡын һүнмәйәсәк“». Шунда мин былай тинем: – Эй Хакимым Раббым! Был кешеләр минең хаҡта: «Ул тик йомаҡ ҡына ҡойған бер әҙәм түгелме ни?» – тиҙәр. Миңә Раббы һүҙе булды: – Эй әҙәм улы, йөҙөңдө Йәрүсәлимгә табан бор, изге урындарға ҡаршы һөйлә, Исраил еренә ҡаршы пәйғәмбәрлек ит. Исраил еренә әйт, Раббы былай ти: «Бына, Мин һиңә ҡаршы сығам! Ҡынынан ҡылысымды һурып алам да һәммәгеҙҙе – тәҡүәләрҙе лә, яуыздарҙы ла – ҡырам. Тәҡүәне лә, яуызды ла юҡ итер өсөн ҡынынан сыҡҡан ҡылысым көньяҡтан төньяҡҡа тиклем бөтә йән эйәһенә йүнәләсәк. Шунда һәр йән эйәһе белер: Мин Раббы ҡылысымды ҡынынан тартып сығарҙым, һәм ул урынына ҡабат кермәйәсәк». Ә һин, эй әҙәм улы, уларҙың күҙ алдында һыҡта, бот сабып, хәсрәтләнеп иңрә. Улар һинән: «Ниңә иңрәйһең?» – тип һорағанда, «Килә ятҡан ҡурҡыныс хәбәр арҡаһында, – тип яуапла. – Ул килгәс, һәр бер йөрәк хәлһеҙләнәсәк, бөтә ҡулдар һәленәсәк, рухтар төшәсәк, тубыҡтар ҡалтыраясаҡ. Бына шул яҡынлаша, һәм ул ғәмәлгә ашасаҡ. Раббы Хаким шулай тип белдерә». Миңә Раббы һүҙе булды: – Эй әҙәм улы, пәйғәмбәрлек итеп әйт, Раббы Хаким былай ти: «Ҡылыс, ҡылыс инде сарланған, ялтыратылған, Үлтереү өсөн ҡайралған, Йәшендәй ялтлар өсөн ялтыратылған. Тик нимәгә шатланайыҡ? Ул ҡылыс улымдың хакимлыҡ таяғына, Башҡа бар ағастарға ҡараған һымаҡ, Хурлап баға! Бына ҡылыс ҡулға ҡыҫып тотор өсөн Сарланырға бирелде, Үткерләп ялтыратылды, Үлтереүсе ҡулы өсөн әҙерләнде. Үкереп ила, әҙәм улы, һыҡта! Сөнки был ҡылыс халҡыма ҡаршы, Исраилдың бар башлыҡтарына ҡаршы күтәрелгән. Улар халҡым менән бергә Ҡылыс ихтыярына бирелде. Бының өсөн күкрәгеңде төйә-төйә ила! Алда – һынау. Әгәр ҡылыс хурлап баҡҡан Хакимлыҡ таяғы ла булмаһа, нимә булыр? – тип белдерә Раббы Хаким. – Һин, эй әҙәм улы, пәйғәмбәрлек ит. Усыңа усыңды һуҡ! Ҡылыс ике, өс мәртәбә сапһын. Ул – үлтереүсе ҡылыс, Оло ҡыйралыш ҡылысы. Кешене һәр ерҙә тапҡан ҡылыс. Шуға күрә йөрәктәре хәлһеҙләнер, Абынып йығылғандар күп булыр. Бөтә ҡапҡалар янына Дәһшәтле ҡылыс ҡуйҙым. Ул йәшен кеүек ялтлаһын өсөн эшләнгән, Үлтерер өсөн ҡайралған. Эй ҡылыс, уңға ла, һулға ла сап, Йөҙөң ҡайҙа йүнәлә, шунда тураҡла! Мин дә усымды усҡа һуғырмын, Ярһыуымды шулай баҫырмын. Мин, Раббы, әйттем быны!» Миңә тағы Раббы һүҙе булды: – Эй әҙәм улы, Бабил батшаһының ҡылысы килһен өсөн ике юл билдәлә; уларҙың икеһе лә бер ерҙән башланһын. Был ҡалаларға илткән юлдар сатына билдә ҡуй. Ҡылысҡа ғаммондарҙың Рабба ҡалаһына һәм Йәһүҙәгә, нығытмалы Йәрүсәлимгә барыр өсөн юл билдәлә. Сөнки Бабил батшаһы айырсала, юл сатында, күрәҙәлек итер өсөн туҡталыр: уҡтарын һелкетер, боттарынан һорашыр, ҡорбан ителгән малдың бауырына бағыр. Уң ҡулында ҡала диуарҙарын ватырға емергес ҡорал ҡуйырға, һуғыш башларға бойороҡ биреү, яу ораны һалыу, емергес ҡоралды ҡапҡаға яҡынайтыу, тупраҡтан убалар өйөү, ҡамау нығытмалары төҙөү өсөн Йәрүсәлимде күрһәткән йәрәбә буласаҡ. Бабил батшаһы менән ант биреп килешеү төҙөшкән йәрүсәлимдәргә был юрау ялған булып тойолор. Әммә Бабил батшаһы, ғәйептәрен хәтергә төшөрөп, уларҙы әсиргә аласаҡ. Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Ғәйебегеҙҙе фаш ҡылып, барлыҡ эштәрегеҙҙә лә гонаһтарығыҙҙы күрһәтеп, ҡылған енәйәттәрегеҙҙе үҙегеҙ хәтергә төшөргән өсөн һеҙҙе әсир итеп аласаҡтар. Ә һин, эй Исраилдың бысраҡ, залим хакимы, һәләкәт көнөң яҡынлаша, язаланыр көнөң килә». Раббы Хаким былай ти: «Сәлләңде сис, тажыңды ташла! Инде бөтә нәмә үҙгәрәсәк: Түбәнһетелгән – күтәреләсәк, Юғары булған – түбән төшөрөләсәк. Емерәм, емерәм, емерәм был ҡаланы! Бындай емерелеүҙең быға тиклем булғаны юҡ ине. Уның ысын хужаһы килгәнгә тиклем ул шулай ҡаласаҡ. Мин ҡаланы уға бирәсәкмен». Ә һин, эй әҙәм улы, пәйғәмбәрлек итеп әйт, Ғаммон халҡы һәм уларҙың мыҫҡыллауы тураһында Раббы Хаким былай ти: «Ҡылыс, ҡылыс! Ҡырыр өсөн ҡынынан сығарылған, Юҡ итер өсөн, Йәшен кеүек ялтлаһын өсөн ҡайралған. Һинең туралағы күренмештәр ялған, Күрәҙәлектәр алдатҡыс. Үлемдәре килгән яуыздарҙың Муйындарына инерһең, ҡылыс! Уларҙың һәләкәт көнө яҡынлашты, Язаланыр көнө килде. Ҡылысыңды ҡынына тыҡ! Мин һине яратылған ереңдә, Тыуған тупрағыңда хөкөм итәсәкмен. Асыуымды өҫтөңә түгермен, Утлы ярһыуым менән өтөрмөн, Һине аяуһыҙ кешеләрҙең ҡулына тапшырырмын, Үлтерергә оҫта бәндәләргә бирермен. Һин ут өсөн ем булырһың, Ил эсендә ҡаның түгеләсәк, Хатта хәтергә лә алынмаясаҡһың. Мин, Раббы, әйттем быны». Миңә Раббы һүҙе булды: – Ә һин, эй әҙәм улы, Йәрүсәлимде хөкөм итмәйәсәкһеңме ни? Ҡан түгеүсе был ҡаланы хөкөм итмәҫһеңме? Әйҙә, бөтә ерәнгес эштәрен уға белдер. Әйт уға, Раббы Хаким былай ти: «Эй, үҙенең эсендә ҡан түгеп, һәләкәтен яҡынайтҡан, боттар яһап, үҙен нәжесләгән ҡала! Түккән ҡаның арҡаһында ғәйепкә тарының, яһаған боттарың менән үҙеңде нәжесләнең һәм яза көнөңдө яҡынайттың, йылдарыңдың ахырына еттең. Шуға күрә һине ҡәүемдәргә мәсхәрәгә бирермен, бөтә илдәрҙең күҙ алдында көлкөгә ҡаласаҡһың. Яманатлы, фетнә тулы ҡала, яҡындағылар ҙа, йыраҡтағылар ҙа һине мыҫҡыл итер. Һиндәге Исраил хакимдары үҙҙәренең көсөн файҙаланып ҡан түкте. Һиндә ата менән әсәне хурлайҙар, килмешәкте рәнйетәләр, етем менән тол ҡатынды ҡыйырһыталар. Һин Минең изге әйберҙәремде һанға һуҡманың, шәмбе көндәремде боҙҙоң. Яла яғыусыларың кеше ҡанын түгә. Тауҙарҙағы боттарға ҡорбан ителгән итте ашаусылар, әшәкелек эшләгәндәр, аталарының ҡатындары менән ятҡандар, күрем ваҡытында ҡатындарын көсләгәндәр йәшәй һиндә. Берәүҙәр яҡынының ҡатыны менән аҙғынлыҡ ҡыла, икенселәр киленен нәжесләй, өсөнсөһө үҙенен ҡыҙ туғанын, атаһының ҡыҙын, мәсхәрәләй. Ришүәт өсөн кеше ҡанын түгәләр, бурысҡа аҡса биреп, уны арттырып алалар, хаҡһыҙ табыш алыр өсөн яҡындарын талайҙар, ә Мине иҫкә лә алмайҙар, – тип белдерә Раббы Хаким. – Бына, Мин һин нахаҡ юл менән табыш алған, һинең эсеңдә ҡан түгелгән өсөн асыу менән усымды усыма һуғам. Мин һиңә ҡаршы эш иткән көндәрҙә йөрәгең ҡалтырамаҫмы, ҡулдарыңдың хәле ҡалырмы? Мин, Раббы, әйттем быны һәм әйткәнемде бойомға ашырасаҡмын. Мин һинең халҡыңды ҡәүемдәр араһына таратып ташлайым, төрлө илдәргә ҡыуып ебәрәм, һиндәге әшәкелектәргә сик ҡуям. Ҡәүемдәрҙең күҙ алдында һинең халҡыңды хурлыҡҡа ҡалдырғанда, Минең Раббы булғанымды белерһең». Миңә Раббы һүҙе булды: – Эй әҙәм улы, Исраил нәҫеле Минең өсөн көмөштө иретеп таҙартҡандан һуң тороп ҡалған төпрә кеүек булды. Һәммәһе бергә тимерлек усағында ҡалған файҙаһыҙ төпрәгә – аҡ ҡурғаш, баҡыр, тимер һәм ҡара ҡурғаш ҡатнашмаһына – әйләнде. Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Бөтәгеҙ ҙә төпрә кеүек булғанығыҙ өсөн, һеҙҙе Йәрүсәлимдең уртаһына йыясаҡмын. Ут өрҙөрөп иретер өсөн көмөштө, баҡырҙы, тимерҙе, ҡара һәм аҡ ҡурғашты тимерлек усағына бергә һалған кеүек, Мин дә асыу һәм ярһыу менән һеҙҙе бергә йыям һәм иретәм. Һеҙҙе йыям да асыуым ялҡыны менән өрәм. Ҡаланың уртаһында ирейәсәкһегеҙ. Көмөш тимерлек усағында нисек ирей, һеҙ ҙә ҡала уртаһында шулай ирерһегеҙ. Шунда Мин Раббының һеҙгә асыуымды түккәнен белерһегеҙ». Миңә Раббы һүҙе булды: – Эй әҙәм улы, Исраилға әйт: «Асыу көнөндә таҙарынмаған, өҫтөнә ямғыр яумаған ер һин. Исраил хакимдары – ырылдап ҡорбанын йыртҡыслаған арыҫлан кеүек йәндәрҙе ҡыя, малды һәм хазиналарҙы тартып ала, ҡатындарҙы тол ҡалдыра. Ҡаһиндары Минең ҡанунымды боҙҙо, изге әйберҙәремде нәжесләне, хәрәм менән хәләлде айырманы, пак менән нәжес араһындағы айырманы өйрәтмәне, Минең шәмбе көндәремде һанға һуҡманы, һәм Мин улар араһында бысрандым. Ундағы башлыҡтар табышын йыртҡыслаған бүре шикелле: хаҡһыҙ табыш алыр өсөн кешеләрҙең ҡанын ҡоялар, йәнен ҡыялар. Пәйғәмбәрҙәре, уйҙырма күренмештәр күреп, ялған күрәҙәлек итеп, был ғәмәлдәрҙең өҫтөн һылап-шымартып ҡуя; Мин Раббы әйтмәгән хәлдә лә: „Раббы Хаким шулай ти“, – тип һөйләй. Ил халҡы бер-береһен иҙә, талай; ярлы менән мохтажды ҡыйырһыта, килмешәкте хаҡһыҙ рәнйетә. Араларында диуарҙы ҡалҡытырлыҡ, диуарҙың емерелеп төшкән урынында тороп, был илде һәләкәттән һаҡлап ҡалыу өсөн Минең ҡаршыма баҫырлыҡ кеше эҙләнем, әммә берәүҙе лә таба алманым. Шуға күрә өҫтәренә асыуымды түгәсәкмен, ярһыуым менән яндырып юҡ итәсәкмен, ҡылғандарын үҙҙәренең баштарына төшөрәсәкмен», – тип белдерә Раббы Хаким. Миңә Раббы һүҙе булды: – Эй әҙәм улы, бер әсәнән тыуған ике ҡыҙ бар ине. Улар Мысырҙа фәхешлек иттеләр, йәш ваҡыттарынан фәхешлек юлына баҫтылар. Шунда уларҙың түштәрен тызынылар, ғиффәтле имсәктәрен һыйпанылар. Өлкәненең исеме – Оһола, һеңлеһенеке Оһолива ине. Улар Минеке булды, улдары һәм ҡыҙҙары тыуҙы. Оһола – Самария, ә Оһолива Йәрүсәлим ине. Оһола, Минеке була тороп та, фәхешлеген ташламаны, ашшурҙарға – һөйәрҙәренә – йән атты. Уларҙың барыһы ла зәңгәрҙән кейенгән түрәләр һәм башлыҡтар, сибәр егеттәр, ат менгән ғәскәриҙәр ине. Ашшурҙың аҫыл улдарының бөтәһенә фәхешләнеп үҙен бирҙе. Кемдәргә йән атҡан, шуларҙың барыһының да боттары менән үҙен нәжесләне. Ул Мысырҙа башлаған фәхешлеген ташламаны. Сөнки йәш сағынан уҡ уны түш аҫтына һалдылар, саф күкрәктәрен иҙҙеләр, аҙғынлыҡтарын уның өҫтөнә түктеләр. Шуға күрә уны үҙе йән атҡан уйнаштары – Ашшур улдарының ҡулына бирҙем. Улар Оһоланың оятын асты, улдарын һәм ҡыҙҙарын тартып алды, үҙен ҡылыстан үткәрҙе. Уны язаға дусар иттеләр, һәм уның ҡатындар араһында яманаты таралды. Һеңлеһе Оһолива быны күреп торҙо, әммә аҙғынлыҡта һәм боҙоҡлоҡта апаһынан да арттырып ебәрҙе. Ашшур улдарына, түрәләр һәм башлыҡтарға, баштан-аяҡ ҡоралланған, атҡа атланған яугирҙәргә, барса сибәр егеттәргә йән атты. Мин уның үҙен ни тиклем нәжесләгәнен, икеһенең дә ҡыуған юлы бер икәнен күрҙем. Ул аҙғынлығына тағы ла нығыраҡ батты. Диуарҙа төшөрөлгән ирҙәрҙең, ҡыҙыл буяу менән төшөрөлгән халдейҙарҙың һүрәттәрен, билдәренә билбау, баштарына күркәм сәллә кейгән, Халдей ерендә, Бабилда тыуып үҫкән ғәскәр башлыҡтарын хәтерләткән һүрәттәрҙе күрҙе ул. Оһолива ошо һүрәттәрҙе күрҙе лә, дәрте ташып, халдейҙар иленә илселәрен ебәрҙе. Бабилдар, Оһоливаның янына, уның һөйөү түшәгенә килеп, аҙғынлыҡтары менән нәжесләне. Оһолива улар менән нәжесләнде һәм уларҙан күңеле ҡайтты. Күҙ алдында уйнаш итеп, оятын асҡас, уның апаһынан күңелем ҡайтҡан кеүек, унан да ваз кистем. Ул иһә, йәш сағында Мысырҙа уйнаш иткәндәрен иҫенә төшөрөп, тағы ла нығыраҡ аҙа бирҙе. Ағзалары – ишәктеке, мәнейҙәре айғырҙыҡы кеүек булған һөйәрҙәрен көҫәне. Шулай итеп, һин, эй Оһолива, йәшлек йылдарыңдағы аҙғынлыҡтарыңды һағындың, ул заманда мысырҙар саф күкрәгеңде һәрмәгәнде, түшеңде тызығанды хәтереңә төшөрҙөң. Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Күңелең екһенеп ташлаған һөйәрҙәреңде һиңә ҡаршы күтәрәсәкмен. Һәр яҡтан уларҙы һиңә ҡаршы килтерәсәкмен. Бабилдар менән бөтә халдейҙарҙы, Пеҡод, Шоағ һәм Ҡоағ халҡын, барлыҡ ашшурҙарҙы, матур егеттәрҙе – улар барыһы ла түрәләр, етәкселәр, ғәскәр башлыҡтары, мәшһүр әҙәмдәр, атлылар – һиңә ҡаршы күтәрәсәкмен. Улар, ҡоралланып, яу арбаларында һәм ылауҙарҙа күмәк халыҡ менән килер, эреле-ваҡлы ҡалҡандарын тотоп, торҡа кейеп һине уратып алыр. Һине уларға хөкөм итергә бирәсәкмен, улар һине үҙ ҡанундарына күрә язалаясаҡ. Көнсөллөгөмдө һиңә ҡаршы йүнәлтермен. Һиңә ярһып ташланырҙар: танауың менән ҡолаҡтарыңды ҡырҡып алырҙар, ә иҫән ҡалғандарың ҡылыстан ҡырылыр. Улдарыңды һәм ҡыҙҙарыңды әсиргә алырҙар, имен ҡалғандары утта янып үлер. Кейемдәреңде систерерҙәр, күркәм биҙәүестәреңде тартып алырҙар. Мысырҙан алып сыҡҡан аҙғынлығыңды һәм фәхешлегеңде туҡтатасаҡмын. Бүтән уларға күтәрелеп ҡарамаясаҡһың һәм Мысырҙы иҫеңә төшөрмәйәсәкһең». Раббы Хаким былай ти: «Һине үҙең күрә алмаған, күңелең екһенгән бәндәләр ҡулына бирермен. Һинең менән аяуһыҙ мөғәмәлә итәсәктәр, көс һалып тапҡан малыңды тартып аласаҡтар, үҙеңде яланғас, шәп-шәрә ҡалдырасаҡтар. Оятың, аҙғынлығыңдың хурлығы һәм фәхешлегең асыласаҡ. Былар барыһы ла һиңә фәхешлегеңдә башҡа ҡәүемдәр артынан эйәргәнең һәм уларҙың боттары менән үҙеңде нәжесләгәнең өсөн эшләнәсәк. Һин апайыңдың юлын ҡыуҙың, шуға күрә Мин ҡулыңа уның яза туҫтағын тотторам». Раббы Хаким былай ти: «Апайыңдың туҫтағынан эсәсәкһең, Ул тәрән дә, ҙур ҙа. Көләсәктәр һинән, мыҫҡыл итәсәктәр, Ул туп-тулы туҫтаҡ. Иҫерерһең, хәсрәткә батырһың – Апайың Самария туҫтағы, Дәһшәт һәм һәләкәт туҫтағы ул. Уны төп күтәрә эсәсәкһең. Уның ярсыҡтарын кимерәсәкһең, Күкрәгеңә яра һаласаҡһың. Быны Мин әйттем», – тип белдерә Раббы Хаким. Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Һин Мине оноттоң, Миңә артың менән боролдоң, шуға күрә әхлаҡһыҙлығыңдың һәм фәхешлегеңдең язаһын күр». Раббы миңә былай тине: – Эй әҙәм улы, Оһола менән Оһоливаны хөкөм ҡыласаҡһыңмы? Улайһа уларға ерәнгес эштәрен иғлан ит. Сөнки улар зина ҡылдылар, уларҙың ҡулында – ҡан. Улар боттары менән зина ҡылдылар. Хатта Минең өсөн тыуҙырған балаларын, ризыҡ итеп, боттарына һондолар. Бынан тыш, улар Миңә тағы нимә эшләне: шул уҡ көндө Минең Изге торлағымды нәжесләне, шәмбеләремде боҙҙо. Балаларын боттарына ҡорбан итеп килтергән көндө улар Изге торлағыма инделәр һәм уны нәжесләнеләр. Бына нимә эшләнеләр улар Минең йортомда! Өҫтәүенә, алыҫта йәшәгән ирҙәрҙе саҡырып, илселәр ебәрҙеләр. Һин, Оһолива, уларҙың килеүенә йыуынып, күҙҙәреңә һөрмә тартып, биҙәүестәреңде тағып ҡаршы алдың. Өҫтәл янына ҡуйылған матур диванға ултырып, уның янындағы өҫтәлгә Минең хуш еҫле һумала-майҙарымды, зәйтүн майымды ҡуйҙың. Тирә яҡта кәйеф-сафа ҡороусы ирҙәрҙең тауыштары яңғырап торҙо, сүлдән улар янына эскеселәр менән бергә күмәк кеше килеп, апалы-һеңлеле был икәүгә беләҙектәр таҡты, баштарына матур таж кейҙерҙе. Шунда Мин: «Был ҡатын фәхешлек ҡылып хәлдән тайған булһа ла, һаман уның менән уйнаш итәләрме?» – тинем. Фәхишә янына ингән кеүек уның янына инделәр. Фәхишәгә барған һымаҡ был ике әхлаҡһыҙ ҡатынға, Оһола менән Оһоливаға, йөрөнөләр. Әммә тәҡүә кешеләр уларҙы хөкөм итәсәк. Зина иткән, ҡан түккән ҡатындарға бирелә торған яза менән хөкөм итәсәктәр уларҙы. Сөнки был ике ҡатын зина ҡылды, уларҙың ҡулдары ҡанлы. Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Өҫтәренә бер өйөр әҙәм ебәр ҙә уларҙы дәһшәткә һәм талауға дусар ит. Был өйөр уларҙы таш менән бәргесләһен, ҡылыс менән сапҡылаһын, улдарын һәм ҡыҙҙарын үлтерһен, йорттарына ут төртһөн. Был илдәге әхлаҡһыҙлыҡҡа шул рәүешле сик ҡуйырмын. Бөтә ҡатын-ҡыҙҙар һабаҡ алыр һәм һеҙҙең кеүек аҙғынлыҡ менән шөғөлләнмәҫ. Әхлаҡһыҙлығығыҙға күрә яза бирелер, боттарға табынып гонаһ ҡылғанығыҙҙың әжерен алырһығыҙ. Шунда Минең Раббы Хаким икәнемде белерһегеҙ». Һөргөнөбөҙҙөң туғыҙынсы йылында, унынсы айҙың унынсы көнөндә миңә Раббы һүҙе булды: – Эй әҙәм улы, был көндө, бына ошо көндө яҙып ҡуй – Бабил батшаһы тап ошо көндө Йәрүсәлимде ҡамауға алды. Был фетнәсел халыҡҡа мәҫәл һөйлә. Әйт уларға, Раббы Хаким былай ти: «Ҡаҙан аҫ. Ҡаҙан аҫ та һыу ҡой. Ит һал, иң һәйбәт өлөшөн: Бото менән ҡалаҡ һөйәген, Бай һөйәктәрен тултыр. Һарыҡтарҙың иң һимеҙен һайла. Ҡаҙан аҫтына ут тоҡандыр; Һөйәктәре таралғансы ҡайнат». Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Ҡан түккән ҡалаға ҡайғы! Тутыҡҡан һәм тутығы бөтмәгән ҡаҙанға һәләкәт! Йәрәбә ташлап тормай итенән бушат, Сығарып ырғыт киҫәк-киҫәк. Ҡала эсендә ҡан ҡойолдо; Яланғас ҡая өҫтөнә түкте ҡанды, Туҙан менән булһа ла ҡапланырлыҡ урынға ла түкмәне. Мин дә асыуымды тоҡандырыр, Үс алыр өсөн Уның ҡанын яланғас ҡаяға түктем, Әйҙә, күренеп торһон». Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Ҡан түккән ҡалаға ҡайғы! Мин дә усаҡ өсөн утын йыясаҡмын. Утын өҫтә, ут тоҡандыр, Итте яҡшы итеп бешер. Ҡаҙанда ҡуйырғансы, Һөйәктәр көйөп бөткәнсе ҡайнат. Шунан буш ҡаҙанды ҡуҙға ултырт. Янһын, баҡыры ҡыҙһын. Бөтөн әшәкеһе көйөп бөтһөн; Юшҡыны юҡ булһын. Бөтә тырышлыҡтар бушҡа сыҡты. Ҡаҙандың юшҡыны таҙарманы. Хатта ут та бөтөрә алманы. Әхлаҡһыҙлығың һине нәжесләне, Ни тиклем таҙартмайым, һаман нәжесһең. Асыуым түгелеп баҫылмайынса, Һис таҙарына алмаясаҡһың. Мин, Раббы, әйттем быны. Әйткәнемде бойомға ашырыр ваҡыт етте, Эшләрмен, кире уйламам; Йәлләмәм, ҡыҙғанып тормам. Ҡыуған юлыңа, ҡылған ғәмәлдәреңә күрә хөкөм ителерһең», – тип белдерә Раббы Хаким. Миңә Раббы һүҙе булды: – Эй әҙәм улы, бер ауырыу ебәреп, күҙҙәреңдең ҡыуанысын тартып аласаҡмын. Әммә һыҡтама, илама, күҙҙәреңдең йәше түгелмәһен. Эсеңдән генә һыҡта, үлгән кешең өсөн матәм йолаһын үткәрмә. Сәлләң менән ҡатаңды кей, йөҙөңдөң аҫҡы өлөшөн ҡаплама, йыназа икмәге ашама. Мин иртәнсәк халыҡ менән һөйләштем, ә кискеһен минең ҡатыным үлде. Иртәгәһенә, миңә нисек бойоролған булһа, шулай эшләнем. Халыҡ минән: – Ниңә былай эшләгәнеңдең мәғәнәһен беҙгә аңлатып бирә алмаҫһыңмы? – тип һораны. – Миңә Раббы һүҙе булды, – тип яуап бирҙем. – Исраил халҡына әйтергә ҡушып, Раббы Хаким былай ти: «Ғорурлығығыҙҙы һәм көсөгөҙҙө, күҙҙәрегеҙҙең ҡыуанысы, күңелегеҙҙең йыуанысы булған Изге торлағымды нәжесләйәсәкмен. Һеҙ ҡалала ҡалдырған улдарығыҙ менән ҡыҙҙарығыҙ ҡылыстан үткәреләсәк. Шунда әле Зөлкифел нимә эшләһә, һеҙ ҙә шуны эшләйәсәкһегеҙ: йөҙөгөҙҙөң аҫҡы өлөшөн ҡапламаясаҡһығыҙ, йыназа икмәген ашамаясаҡһығыҙ. Сәлләгеҙ – башығыҙҙа, ҡатағыҙ аяғығыҙҙа булыр. Йәш түкмәҫһегеҙ, иламаҫһығыҙ, бер-берегеҙ алдында ыңғырашып, ғәйебегеҙ арҡаһында һулырһығыҙ. Зөлкифел һеҙҙең өсөн билдә буласаҡ: ул нимә эшләй, һеҙ ҙә шуны эшләйәсәкһегеҙ. Ошолар бойомға ашҡас, Минең Раббы Хаким икәнемде белерһегеҙ». Ә һиңә килгәндә, эй әҙәм улы, уларҙың һыйынысын, һөйөнөсөн һәм данын, күҙҙәренең ҡыуанысын, күңелдәренең йыуанысын, улдарын һәм ҡыҙҙарын тартып алған көнөмдә, шул көндө һинең яныңа ҡасып ҡотолған берәү килер. Ул булған ваҡиғаларҙы һиңә һөйләп бирер. Ана шул ҡасҡын янында телең асылыр. Һин уның менән һөйләшерһең, башҡаса өнһөҙ ҡалмаҫһың. Һин улар өсөн билдә булырһың. Шунда улар Минең Раббы икәнемде белер. Миңә Раббы һүҙе булды: – Эй әҙәм улы, йөҙөңдө Ғаммон халҡына табан бор, уларға ҡаршы пәйғәмбәрлек ит. Ғаммон халҡына әйт: «Раббы Хакимдың һүҙен тыңлағыҙ! Раббы Хаким былай ти: Изге торлағым нәжесләнгәндә, Исраил иле тар-мар ителгәндә, Йәһүҙә халҡы һөргөнгә оҙатылғанда: „Әһә, яҡшы булды!“ – тигәйнегеҙ. Шуға күрә Мин һине биләмә итеп көнсығыш халыҡтарына бирәм; арағыҙҙа сатырҙарын ҡороп, һинең ереңә төйәкләнерҙәр, емештәреңде ашарҙар, һөтөңдө эсерҙәр. Рабба ҡалаһы дөйәләр өсөн көтөүлек булыр, Ғаммон ерен ваҡ мал аҙбары итермен. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ». Раббы Хаким былай ти: «Исраилды мыҫҡыл итеп, бар күңелдән ҡыуана-ҡыуана ҡул сапҡаның һәм аяҡ тыпырҙатҡаның өсөн, Мин дә һиңә ҡаршы ҡулымды күтәрәм, һине ҡәүемдәргә таларға бирәм. Һине халыҡтар иҫәбенән юҡ итәсәкмен, илдәр араһынан юйып ташлаясаҡмын, һәләк ҡыласаҡмын. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһең». Раббы Хаким былай ти: «Моав менән Сеғир халҡы: „Ҡарағыҙ, Йәһүҙә нәҫеленең башҡа ҡәүемдәрҙән бер айырмаһы ла юҡ!“ – тигән өсөн Моавтың бер сигенән икенсе сигенә тиклем бөтә ҡалаларын, илдең күрке булған Бейт-Йешимоҫ, Бәғел-Меғон, Ҡиръяҫаимдан башлап, һаҡлауһыҙ ҡалдырасаҡмын. Моавты ғаммондар менән бергә көнсығыш халыҡтарына биләмә итеп бирәсәкмен. Шулай итеп, Ғаммон халҡы ҡәүемдәр иҫәбендә башҡаса иҫкә алынмаҫ. Моавты хөкөм итәсәкмен. Шунда Минең Раббы икәнемде белерҙәр». Раббы Хаким былай ти: «Эдом, Йәһүҙә халҡынан үс алып, ҙур ғәйеп эшләне. Шуға күрә, – ти Раббы Хаким, – Мин дә ҡулымды Эдомға ҡаршы күтәрәсәкмен, кешеләрен дә, малдарын да юҡ итәсәкмен, илде бушлыҡҡа әйләндерәсәкмен. Темандан алып Деданға тиклем эдомдар ҡылыстан ҡырыласаҡ. Эдомдан үсемде халҡым Исраилдың ҡулы менән аласаҡмын. Улар Эдомда Минең асыуым һәм нәфрәтем буйынса эш итәсәктәр. Эдом халҡы Минең үс ҡандырыуымды аңлаясаҡ», – тип белдерә Раббы Хаким. Раббы Хаким былай ти: «Пелештиҙәрҙең үсе аяуһыҙ. Йөрәктәре нәфрәт менән тулы булғанға күрә, улар үс алдылар, сикһеҙ дошманлыҡ менән юҡ итергә маташтылар. Шуға күрә, – ти Раббы Хаким, – пелештиҙәргә ҡаршы ҡулымды күтәрәм, керетиҙәрҙе юҡ итәм, диңгеҙ буйында йәшәгәндәренең иҫән ҡалғандарын һәләк ҡылам. Ҡот осҡос язалар менән уларҙан үсемде алам. Үсемде алғас, улар Минең Раббы икәнемде белер». Һөргөндә булғаныбыҙҙың ун беренсе йылында, айҙың беренсе көнөндә миңә Раббы һүҙе булды: – Эй әҙәм улы! Йәрүсәлим тураһында Тир ҡалаһы: «Әһә, әһә! Халыҡтар ҡапҡаһы булған ҡала емерелде, ҡапҡалары миңә асылды. Инде ул бушап ҡалғанда, мин байып китәсәкмен», – тигәйне. Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Эй Тир, Мин һиңә ҡаршымын. Диңгеҙ үҙенең тулҡындарын ҡалҡытҡан һымаҡ, Мин һиңә ҡаршы бик күп халыҡтарҙы ҡалҡытасаҡмын. Улар Тирҙың диуарҙарын емерер, манараларын ватыр. Мин иһә хатта емереклектәренең туҙанын да һепереп түгәсәкмен һәм уны яланғас ҡаяға әйләндерәсәкмен. Тир диңгеҙҙең уртаһында балыҡсыларҙың ауҙарын йәйеп киптерә торған урын булыр. Мин шулай тип әйтәм, – тип белдерә Раббы Хаким. – Тир ҡәүемдәр өсөн яумал буласаҡ. Тирға ҡараған ауылдарҙа йәшәгәндәр ҡылыстан үткәреләсәк. Шунда Минең Раббы икәнемде белерҙәр». Раббы Хаким былай ти: «Батшаларҙың батшаһы Бабил хакимы Навуходоносорҙы аттары, яу арбалары, һыбайлылары, бөйөк ғәскәре һәм күп һанлы халҡы менән төньяҡтан Тирға килтерәсәкмен. Эй Тир, ул һиңә ҡараған ауылдарҙа йәшәгәндәрҙе ҡылыстан үткәрер, һине уратып, ҡамау убалары яһар, тупраҡ өйөр, ҡалҡандарын күтәрер. Диуарҙарыңды емергес ҡоралдар менән дөмбәҫләр, манараларыңды балта менән емерер. Иҫәпһеҙ-һанһыҙ ат тояҡтары күтәргән саң-туҙан ҡаплап алыр һине. Диуарҙарында тишек асылған ҡалаға бәреп ингәндәгеләй, ҡапҡаларыңдан кергән сағында һыбайлыларҙың, тәгәрмәстәрҙең, яу арбаларының дөбөрҙәүенән диуарҙарың дер һелкенеп торор. Аттарының тояҡтары менән урамдарыңды иҙә тапап бөтөр, халҡыңды ҡылыстан үткәрер һәм һинең ҡеүәтле бағаналарыңды ергә ҡолатыр. Байлығыңды талап алырҙар, тауарҙарыңды урларҙар, диуарҙарыңды емерерҙәр, матур йорттарыңды ватырҙар, таштарыңды, бүрәнәләреңде, хатта һинән ҡалған саң-туҙанды ла диңгеҙгә ырғытырҙар. Мин һиндәге йыр тауышын туҡтатырмын, арфаңдың моңдары ишетелмәҫ. Һине яланғас ҡаяға әйләндерермен, ауҙарҙы йәйеп киптерә торған урын булып ҡалырһың, ҡабат төҙөлмәҫһең. Мин, Раббы, әйттем быны», – тип белдерә Раббы Хаким. Раббы Хаким Тирға былай ти: «Һиндә ҡыйралыш барғанда, емерелеү тауышынан, яралыларҙың ыңғырашыуынан диңгеҙ буйындағы ерҙәр тетрәнмәҫме? Диңгеҙ буйындағы илдәрҙең барса хакимдары тәхеттәренән төшөр, сапандарын, нағышлы кейемдәрен сисер – улар дәһшәткә сорналыр. Улар ҡурҡышып ергә ултырыр һәм, һинең яҙмышың хаҡында уйлап, тетрәнешеп хайран булыр. Улар һинең хаҡта һыҡтау йырын көйләр: „Эй даның таралған, диңгеҙселәр төйәкләнгән ҡала, Һин һәләк булдың! Һин һәм һиндә йәшәүселәр Диңгеҙҙә иң ҡөҙрәтле инегеҙ, Бар халыҡты дәһшәткә һалдығыҙ. Бөгөн, һин ҡолаған көндә, Яр буйҙары дер һелкенә. Диңгеҙҙәге утрауҙар Һәләкәтеңдән ҡурҡыуға ҡалды“». Раббы Хаким былай ти: «Һине кешеһеҙ ҡалған ҡалалар кеүек емерек ҡалаға әйләндергәс, төпһөҙ диңгеҙҙәрҙе өҫтөңә түңкәргәс, ҡалын һыу ҡатламы аҫтында ҡалдырғас, Мин һине үлем соҡорона төшкәндәр менән берлектә боронғо замандарҙа йәшәгәндәр янына төшөрәм. Мин һине түбәнге донъяла, мәңгелек харабалар араһында, үлем соҡорона төшөүселәр араһында төйәкләндерәм. Башҡаса һиндә кеше йәшәмәҫ, һәм тереләр донъяһында урын таба алмаҫһың. Ахырыңды ҡурҡыныс итәсәкмен. Һин юҡҡа сығырһың. Һине эҙләрҙәр, әммә һис ҡасан таба алмаҫтар», – тип белдерә Раббы Хаким. Миңә Раббы һүҙе булды: – Инде һин, эй әҙәм улы, Тир ҡалаһы тураһында һыҡтау йыры йырла. Диңгеҙ буйындағы илдәр, күп халыҡтар менән сауҙа иткән, диңгеҙ ҡапҡаһында урынлашҡан Тир ҡалаһына әйт, Раббы Хаким былай ти: «Эй Тир! „Гүзәллектә мин камилмын“, – тинең. Диңгеҙҙәр ҡуйынында ине биләмәң. Төҙөүселәрең күркәмлегеңде камил иткән. Барлыҡ таҡталарыңды Сенир кипаристарынан яһанылар. Мачтаңды эшләү өсөн Ливандан кедр алдылар. Ишкәктәрең – Башан имәненән; Палубаң фил һөйәге менән биҙәлгән, Киттим ярҙарынан килтерелгән Кипарис ағасынан яһалған. Елкәндәрең Мысырҙың нағышлы нәфис етененән ине, Улар һиңә байраҡ булып хеҙмәт итте. Япмаларың Әлиша ярҙарынанкилтерелгән Зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл туҡыманан булды. Ишкәксене Сидон менән Аруадтан ялланың; Үҙеңдәге оҫта әҙәмдәрең, эй Тир, Кәмәселәрең булды. Кәмә ярыҡтарын ямар өсөн Гевалдың тәжрибәле оҫталары бар ине. Диңгеҙҙәге барса кәмәләр һәм диңгеҙселәр Алыш-биреш өсөн һиңә килде. Фарсы, Луд, Пут яугирҙәре Ғәскәреңдә хеҙмәт итте. Ҡалҡандарын, торҡаларын Ҡабырғаларыңа аҫтылар, Һиңә йәм өҫтәнеләр. Аруад һәм Хейлех улдары Диуарҙарыңды һаҡланы. Ғаммадтар манараларыңда торҙо. Диуарҙарыңды уратып, ҡалҡандарын элде, Күркәмлегеңә биҙәк өҫтәне. Һәр төрлө байлығың күп булғанға, Таршиш һинең менән сауҙа итте. Тауарҙарың өсөн көмөш, Тимер, аҡ һәм ҡара ҡурғаш бирҙе. Яуан, Тувал һәм дә Мәшәх Һинең менән сауҙа итте. Тауарҙарыңды ҡолдарға, Баҡыр һауыт-һабаға алмашты. Бейт-Тогарма халҡы тауарҙарың өсөн Йылҡы малы, яу аттары һәм ҡасырҙар бирҙе. Дедандар һинең менән сауҙалашты. Яр буйҙарының күп халыҡтары алыш-биреш итте. Һинән алғандарға яуап итеп, Фил һөйәге, ҡара ағас килтерҙе. Тауарҙарың күп булғанға күрә, Арам һинең менән сауҙа итте. Әйберҙәрең өсөн ҡарағусҡыл ҡыҙыл, Нағышлы һәм нәфис етен туҡымалар, Фирүзә, мәрйен һәм ҡыҙыл яҡут бирҙе. Йәһүҙә һәм Исраил сауҙа итте: Тауарҙарың өсөн Минниҫ бойҙайы, Татлы ризыҡ менән бал, Зәйтүн майы менән бәлзәм бирҙе. Сикһеҙ байлыҡтарың, тауарҙарың мул булғанға Һинең менән Дамаск сауҙа ҡорҙо: Хелбон шарабы менән Сахар йөнө һатты, Узалдың мискәле шарабы менән түләне. Һиңә килтерелгән тауар араһында Сүкелгән тимер, кассия, Хуш еҫле ҡамыш бар ине. Дедан һинең тауарҙарың өсөн Эйәр япмалары бирҙе. Ғәрәбстан сауҙагәрҙәре, Ҡыдар хакимдары Һинең сауҙалашың булды: Бәрәс, һарыҡ, кәзә тәкәләре менән алыш-биреш итте. Шева һәм Рағма сауҙагәрҙәре Хуш еҫле матдәләрҙең иң яҡшылары, Аҫыл таштар менән һатыу итте, Тауарҙарың өсөн алтын бирҙе. Харан, Канне, Ғеден ҡалалары, Шева сауҙагәрҙәре, Ашшур, Килмад сауҙа итте. Улар баҙарҙарыңда Затлы кейемдәр, сыбар келәмдәр, Нағышлы зәңгәр туҡымалар, Ҡаты итеп ишелгән арҡандар һатты. Таршиш караптары тауарҙарыңды ташыны. Диңгеҙҙәр уртаһында байыҡтың, Дан-шөһрәт ҡаҙандың. Ишкәкселәрең һине асыҡ диңгеҙгә алып инде. Көнсығыш елдәре иһә Диңгеҙҙәр ҡуйынында емереп ташланы. Байлыҡтарың, тауарҙарың, мал-мөлкәтең, Диңгеҙселәрең һәм кәмәселәрең, Ярыҡтарыңды ямаусы оҫталар, Сауҙагәрҙәрең, һуғышсыларың, Һиндәге барса халыҡ Һиңә ҡаза килгән көндә Диңгеҙ төбөнә китәсәк. Кәмәселәреңдең ҡысҡырыуынан Яр буйҙары тетрәйәсәк. Ишкәкселәр кәмәләрҙе ташлар; Диңгеҙселәр, кәмәселәр ярға сығыр. Ҡысҡырышып, һыҡтап, һинең өсөн Улар әсенешеп илар. Баштарына тупраҡ һибеп, Көлдә аунай-аунай ҡайғырыр. Баштарын тап-таҡыр итеп ҡырыр, Ҡайғы кейемен кейер. Һинең өсөн хәсрәтләнеп, Әрнеп-әрнеп йәш түгер. Улар иңрәп һинең өсөн илар, Ҡайғырышып һыҡтау йыры һуҙыр: „Диңгеҙ уртаһында емерелгән Тир ҡалаһы кеүек тағы бармы?“ Тауарҙарың диңгеҙҙәр аша килгәндә, Бик күп халыҡтарҙың тамағын туйҙырҙың. Сикһеҙ зиннәттәрең, сауҙаң менән Донъялағы батшаларҙы байыттың. Инде һине диңгеҙ тәрәнлеге емергәс, Тауарҙарың һәм һиндәге кешеләрең Үҙең менән бергә һыу төбөнә китте. Диңгеҙ буйы халыҡтарының барыһы Һинең тәҡдиреңә тетрәнде. Уларҙың батшаларының ҡото осто, Ҡурҡыштан сырайҙары боҙолдо. Халыҡтарҙың сауҙагәрҙәре һыҙғырҙы, Ахырың ҡурҡыныс булды, Һин мәңгегә юҡҡа сыҡтың». Миңә Раббы һүҙе булды: – Эй әҙәм улы, Тирҙың хакимына әйт! Раббы Хаким былай ти: «Һин тәкәбберләнеп киттең: „Мин – алламын, Диңгеҙҙәрҙең ҡуйынында Алла тәхетендә ултырам“, – тинең. Аҡылың менән үҙеңде Аллаға тиңмен тип һанаһаң да, Һин алла түгел, әҙәмһең. Эйе, Даниилдан аҡыллыраҡһың; Һинән йәшерен бер ниндәй сер юҡ. Зирәклегең һәм зиһенең менән Үҙеңә байлыҡ тупланың, Хазина һаҡлағысыңды Алтын-көмөш менән тултырҙың. Сауҙаға һәләтең менән Зиннәттәреңде арттырҙың. Әммә байлығың арҡаһында тәкәбберләндең. Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: Аҡылың менән үҙеңде Аллаға тиңмен тип һанаған өсөн, Һиңә ҡаршы Мин яттарҙы, Ҡәүемдәрҙең яуыздарын ебәрәм; Күркәмлегеңә, аҡылыңа ҡаршы улар Ҡылыстарын ҡындан һурасаҡ, Гүзәллегеңде нәжесләйәсәк. Һине ҡәбергә төшөрәсәктәр, Һин диңгеҙҙәр ҡуйынында Ҡурҡыныс үлемдән һәләк буласаҡһың. Шул саҡ йәнеңде ҡыйыусы ҡаршыһында „Мин – алла“ тип әйтерһеңме? Һине үлтергәндәрҙең ҡулында Һин – алла түгел, әҙәмһең. Һин яттарҙың ҡулынан Сөннәтһеҙҙәр әжәле менән үлерһең. Мин, Раббы, әйттем быны», – тип белдерә Раббы Хаким. Миңә Раббы һүҙе булды: – Эй әҙәм улы, Тир батшаһы тураһында һыҡтау йыры йырла. Әйт уға, Раббы Хаким былай ти: «Һин камиллыҡтың мөһөрө, Аҡылдың бөтөнлөгө, Гүзәллектең тажы инең. Һин Ғедәндә – Алла баҡсаһында – инең; Аҫыл таштар менән биҙәлгәйнең: Ҡыҙыл яҡут, хризолит, алмас, Һары яҡут, оникс, йәшмә, Зәңгәр яҡут, фирүзә һәм зөбәржәт – Барыһы ла алтын менән тирәсләнгән. Улар яратылған көнөңдә үк әҙер ине. Һине, ҡанаттары йәйелгән кирубты, Ҡурсалаусы итеп билдәләнем, Алланың изге тауында булдың, Янар таштар араһында гиҙҙең. Яратылған көнөңдән алып, Яуызлығың табылғанға тиклем Һин тоғро юлдан йөрөнөң. Сауҙаң арта барған һайын Яуызлыҡҡа тулдың, гонаһ ҡылдың. Шуға күрә нәжес әйбер кеүек Һине Алла тауынан бырғаным, Янар таштар араһынан ҡыуҙым Эй һин, ҡурсалаусы кируб! Матурлығыңа маһайып эреләндең, Балҡышыңдан юйылды аҡылың. Шуға күрә һине ергә бәрҙем; Батшалар алдында хур иттем. Һин үҙеңдең сикһеҙ гонаһтарың, Сауҙаңдағы күп ғәҙелһеҙлегең менән Изге урындарыңды нәжесләнең. Мин эсеңдән ут сығарҙым – Ул һине яндырып юҡ итте. Барыһының күҙ алдында Һине көлгә әйләндерҙем. Һине белгән бар халыҡтар Һәләкәтеңә тетрәнде. Ахырың ҡурҡыныс булды, Һин мәңгегә юҡҡа сыҡтың». Миңә Раббы һүҙе булды: – Эй әҙәм улы, йөҙөңдө Сидонға табан бор, уға ҡаршы пәйғәмбәрлек ит. Әйт, Раббы Хаким былай ти: «Мин һиңә, эй Сидон, ҡаршы сығам! Һинең эсеңдә дан ҡаҙанасаҡмын: Һиндә йәшәгәндәрҙе язалағас, Үҙемдең мөҡәддәслегемде танытҡас, Раббы икәнемде беләсәктәр. Мин һиңә ҡырғын ебәрәсәкмен, Урамдарыңда ҡан ағыҙасаҡмын. Һәр яҡтан эҙәрләүсе ҡылыстан ҡырылғандар Ҡала уртаһында йығыласаҡ. Шунда Минең Раббы икәнемде бөтәһе лә беләсәктәр». – Бынан ары Исраил халҡының осло сәнскәк, энәле күгән һымаҡ яралаусы, уға ерәнеп ҡараусы күршеләре булмаясаҡ. Шунда улар Минең Раббы Хаким икәнемде беләсәктәр. Раббы Хаким былай ти: «Халыҡтар араһына һибеп таратҡан Исраил халҡын йыйып алып, ҡәүемдәрҙең күҙ алдында Үҙемдең мөҡәддәслегемде танытҡас, улар Мин ҡолом Яҡупҡа биргән ерҙәрендә йәшәйәсәк. Мин уларға ерәнеп ҡараған барлыҡ халыҡтарҙы хөкөм иткәндән һуң, унда хәүефһеҙ йәшәрҙәр, йорттар төҙөрҙәр, йөҙөм баҡсалары үҫтерерҙәр – имен-аман ғүмер итерҙәр. Шунда улар Минең Раббы, уларҙың Аллаһы икәнемде беләсәктәр». Һөргөнөбөҙҙөң унынсы йылында, унынсы айҙың ун икенсе көнөндә миңә Раббы һүҙе булды: – Эй әҙәм улы, йөҙөңдө Мысыр батшаһы фирғәүенгә табан бор, уға һәм бөтә Мысыр халҡына ҡаршы пәйғәмбәрлек ит. Уларға һөйлә, әйт, Раббы Хаким былай ти: «Эй йылға-ҡултыҡтарың эсендә ятҡан олоғара аждаһа, Мысыр батшаһы фирғәүен, Мин һиңә ҡаршымын. Һин: „Нил йылғаһы минеке, уны үҙем өсөн яһаным“, – тип әйтәһең. Әммә Мин теш ҡаҙналарыңа ырғаҡ кейҙерәсәкмен. Йылға-ҡултыҡтарыңдағы балыҡтарҙы тәңкәләреңә йәбештерәсәкмен. Тәңкәләреңә йәбешкән балыҡтарың менән бергә һине йылғанан һөйрәп сығарасаҡмын. Һине лә, йылғаңдағы барлыҡ балыҡтарҙы ла сүлгә олаҡтырырмын. Һин асыҡ яланда ятырһың һәм һине алып ерләгән кеше булмаҫ. Мин һине, ем итеп, ҡырағай йәнлектәргә, һауалағы ҡоштарға бирәсәкмен. Шул саҡ Мысырҙа йәшәгән һәр кем Минең Раббы икәнемде белер. Һин халҡым Исраил өсөн ҡамыш терәү генә булдың. Улар ҡулдары менән һиңә тотонғас, ярылдың да яурындарына сәнселдең. Улар һиңә таянғайны, һынып, уларҙы аяҡтан йыҡтың». Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Мин һинең өҫтөңә ҡылыс ебәрәсәкмен, кешеләреңде һәм малдарыңды ҡырасаҡмын. Мысыр бер кешеһеҙ бушлыҡҡа әйләнер. Шунда Минең Раббы икәнемде белерҙәр. Һин: „Нил минеке, уны мин яһаным“, – тинең. Шуға күрә ҡара, һиңә һәм йылға-ҡултыҡтарыңа ҡаршымын. Мысыр ерен Мигдолдан Асуанға, Куштың сигенә тиклем ташландыҡ ергә әйләндерәсәкмен. Ул ергә кеше аяҡ баҫмаҫ, мал-тыуар йөрөмәҫ. Ҡырҡ йыл буйы унда һис кем йәшәмәҫ. Мысыр ерен харабаға әйләнгән илдәр араһында иң кешеһеҙ итәсәкмен. Ҡалаларын йән эйәһеҙ ҡалған ҡалалар араһында ҡырҡ йыл буйы буп-буш торғоҙасаҡмын. Мысыр халҡын ҡәүемдәр араһына таратасаҡмын, төрлө илдәргә һибәсәкмен». Раббы Хаким былай ти: «Ҡырҡ йыл үткәндән һуң уларҙы таралған ҡәүемдәр араһынан йыйып алырмын. Уларҙы әүәлге тормоштарына ирештереп, тыуған ерҙәре Паҫросҡа кире ҡайтарырмын. Шунда улар көсһөҙ генә бер батшалыҡ булыр. Ул бөтә батшалыҡтарҙан да көсһөҙөрәк булыр һәм бүтән бер ҡасан да башҡа ҡәүемдәрҙән өҫтөн була алмаҫ. Башҡа халыҡтар өҫтөнән хакимлыҡ итмәһендәр өсөн Мин уларҙы шулай зәғифләндерермен. Халҡым Исраил инде бер ҡасан да үҙ өмөтөн Мысырға бағламаҫ. Мысыр уларға үҙҙәренең Мысырҙан ярҙам һорап ғәйепкә тарыуҙарын хәтерләтеп торор. Шунда улар Минең Раббы Хаким икәнемде белер». Һөргөнөбөҙҙөң егерме етенсе йылында, беренсе айҙың беренсе көнөндә миңә Раббы һүҙе булды: – Эй әҙәм улы, Бабил батшаһы Навуходоносор үҙенең ғәскәрен Тир ҡалаһын ҡамағанда ауыр эш менән ныҡ йонсотто. Яугирҙәренең сәстәре ҡойолоп бөттө, ауыр йөк ташыуҙан яурындары иҙелде. Әммә күргән михнәттәренә ҡарамаҫтан, үҙенә лә, ғәскәренә лә Тирҙан файҙа булманы. Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Бына, Мин Мысырҙы Бабил батшаһы Навуходоносорға бирәм. Әйҙә, уның байлығын талаһын, талап алғандарын ғәскәренә яумал итеп таратһын. Хеҙмәтенә яуап итеп, Мысырҙы уға бирәм, сөнки ул да, ғәскәре лә Минең өсөн эшләне, – тип белдерә Раббы Хаким. – Ул көндә Мин Исраил халҡын көслө итәм һәм уларҙың араһында һинең телеңде асам. Шунда улар Минең Раббы икәнемде белер». Миңә Раббы һүҙе булды: – Эй әҙәм улы, пәйғәмбәрлек итеп әйт, Раббы Хаким былай ти: «„Аһ ул көн!“ – тип һыҡтағыҙ. Сөнки ул көн яҡынлашты, Раббының көнө яҡын! Ул көн болотло буласаҡ, Ҡәүемдәрҙең һәләкәт көнө. Мысыр өҫтөнә ҡылыс ябырыласаҡ. Мысырҙа һәләк булғандар йығыла башлағас, Уның байлыҡтары алып кителгәс, Нигеҙҙәре емерелгәс, Кушты ғазап солғаясаҡ. Куш, Пут һәм Луд, Барлыҡ ят ҡәбиләләр, Кув һәм килешеү төҙөшкән илдең кешеләре Мысырҙар менән бергә ҡылыстан үткәреләсәк». Раббы былай ти: «Мысырҙың таяныстары йығыласаҡ, Тәкәббер ҡеүәте йөгөнәсәк; Мигдолдан Асуанға тиклем барыһы Ҡылыстан үткәреләсәк, – тип белдерә Раббы Хаким. – Мысыр иң хараба илгә әйләнәсәк, Уның ҡалалары иң емерек Ҡалалар араһында буласаҡ. Мин Мысырға ут төрткәс, Уның бөтә терәүҙәре емерелгәс, Минең Раббы икәнемде беләсәктәр. Ул көндө вайымһыҙ йәшәгән Куш халҡын ҡурҡытыр өсөн Мин кәмәләрҙә илселәремде ебәрәсәкмен. Мысыр өҫтөнә ҡаза килгән көндө улар дәһшәткә төшәсәк. Ана килә ул көн!» Раббы Хаким былай ти: «Бабил батшаһы Навуходоносор ҡулы менән Мысырҙың өйөр-өйөр халҡын кәметәм. Навуходоносор һәм уның ҡәүемдәр араһында иң рәхимһеҙ булған халҡы был илде һәләк итер өсөн килтереләсәк. Улар, ҡылыстарын ҡындарынан сығарып, Мысыр ерен мәйет менән тултырасаҡ. Йылға-ҡултыҡтарын ҡоротам, ерен залим әҙәмдәргә тапшырам, илде, ундағы бөтә нәмәне яттар ҡулы менән вайран итәм. Мин, Раббы, әйттем быны». Раббы Хаким былай ти: «Мин бөтә боттарҙы емерәм, Нофтағы илаһ һындарын юҡҡа сығарам. Инде Мысырҙа хаким ҡалмаясаҡ, илгә дәһшәт һаласаҡмын. Мин Паҫросты ташландыҡ урынға әйләндерәм, Соған ҡалаһына ут төртәм, Но ҡалаһын хөкөм итәм. Нәфрәтемде Мысыр ҡәлғәһе Син өҫтөнә түгәм, Нолағы күмәк халыҡты ҡырам. Мысырға ут һалам. Син сикһеҙ ғазапҡа ҡалыр, Но ҡалаһының диуарын емерәсәктәр, Нофҡа көпә-көндөҙ дошман ябырыласаҡ. Он ҡалаһы һәм Пи-Бесеҫ егеттәре ҡылыстан үткәрелер; ҡатын-ҡыҙҙары әсирлеккә алып кителер. Мин Мысыр кейҙергән ҡалыпты ватҡан саҡта, Тахпанхеста көн яҡтыһы һүнер, шунда уның тәкәббер ҡеүәте тамам булыр, уны ҡара болот ҡаплап алыр, ҡыҙҙары әсирлеккә алып кителер. Мин Мысырҙы шулай хөкөм итәсәкмен, һәм улар Минең Раббы икәнемде белер». Һөргөндәге ун беренсе йылдың беренсе айында, айҙың етенсе көнөндә миңә Раббы һүҙе булды: – Эй әҙәм улы, бына Мин Мысыр батшаһы фирғәүендең ҡулын һындырҙым. Уңалһын, ҡылыс тоторлоҡ көсө булһын тип, һис кем тарафынан бәйләнмәне, шифалы бәйҙәр менән уралманы ул. Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Бына Мин уны, Мысыр батшаһы фирғәүенде! Уның һау ҡулын да, һынғанын да иҙәсәкмен. Ҡулындағы ҡылысын төшөрәсәкмен. Мысыр халҡын ҡәүемдәр араһына таратасаҡмын, төрлө илдәргә һибәсәкмен. Бабил батшаһының ҡеүәтен арттырасаҡмын, ҡылысымды уға тотторасаҡмын. Ә фирғәүендең ҡулдарын һындырасаҡмын. Ул үлемесле яраланған килеш Бабил батшаһының ҡаршыһында ыңғырашасаҡ. Бабил батшаһының көсөн арттырасаҡмын, ә фирғәүендең ҡулы һәленеп төшәсәк. Ҡылысымды Бабил батшаһына тотторғас һәм ул уны Мысыр иленә йүнәлткәс, улар Минең Раббы булғанымды белер. Мысыр халҡын ҡәүемдәр араһына таратасаҡмын, төрлө илдәргә һибәсәкмен. Шунда улар Минең Раббы икәнемде белер». Һөргөнөбөҙҙөң ун беренсе йылында, өсөнсө айҙың беренсе көнөндә миңә Раббы һүҙе булды: – Эй әҙәм улы, Мысыр батшаһы фирғәүенгә һәм уның өйөр-өйөр халҡына әйт: «Бөйөклөктә кем һиңә тиңләшер? Баҡ Ашшурға! Ливандағы кедр ағасына оҡшаш ине: Суҡ япраҡлы ботаҡтары күләгәле, Һомғол буйлы, Башы болоттарға тейә ине. Һыу үҫтерҙе уны, Тәрән һыуҙар уны бейегәйтте. Йылғалар уратҡайны үҫкән урынын, Арыҡтары һуғарҙы ҡырҙағы бар ағастарҙы. Шуға күрә бөтә ағастарҙан ҡалҡыу ине. Һыу муллыҡҡа ботаҡтары оҙонайҙы, ҡуйыланды, Тарбаҡланып үҫте. Ҡоштар ботағында оя ҡорҙо. Аҫтында ҡырағай йәнлектәр балаланы, Күп ҡәүемдәр күләгәһендә йәшәне. Һомғол буйы, Оҙон ботаҡтары менән гүзәл ине, Тамырҙары мул һыуҙарға төштө. Алла баҡсаһындағы кедр ағастары ла Буйға уның менән ярышманы. Ҡарағайҙар уның ботаҡтары, Чинарҙар үҫентеләре менән тиңләшмәне. Алла баҡсаһындағы һис бер ағас Уның һымаҡ матур түгел ине. Суҡ ботаҡтар менән уны Мин биҙәнем, Алла баҡсаһы Ғедәндәге бөтә ағастар унан көнләште. Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: „Бейек булып үҫкәнгә, башы менән болоттарға тейгәнгә, бейеклеге арҡаһында тәкәбберләнгәнгә күрә, Мин уны халыҡтар хакимының ҡулына тапшырҙым. Был хаким уның яуызлығына күрә эш итте. Мин Үҙем иһә уны ситкә типтем. Яттар, ҡәүемдәрҙең иң рәхимһеҙҙәре, уны ҡырҡып ерҙә ҡалдырҙы. Ботаҡтары тауҙарға, бөтә үҙәндәргә барып төштө. Япраҡлы тәлгәштәре, һынып, уйһыуҙарға сәселде. Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар, күләгәһенән сығып, уны ташлап китте. Барлыҡ күк ҡоштары ҡолаған олонона килеп ҡунды, ботаҡтары араһына ҡырағай йәнлектәр ояланы. Һыу буйында үҫкән һис бер ағас бынан ары ул тиклем юғары күтәрелмәһен, остары болоттарға теймәһен! Һыуға туйған һис бер ағас ундай бейеклеккә ирешмәһен өсөн эшләнде был. Уларҙың барыһы ла, фани бәндәләр менән бергә, үлем соҡорона, түбәнге донъяға дусар ителгән“. Раббы Хаким былай ти: „Ул үлеләр донъяһына төшкән көндө Мин ер аҫты һыуҙарына, уны ҡыҙғанып, йәш түгергә ҡуштым; Мин даръяны бикләнем, уның ағымдарын быуҙым, һәм оло һыуҙар туҡтаны. Уның хаҡына Мин Ливан тауҙарын ҡараңғылыҡ менән сорнаным, һәм ҡырҙағы бөтә ағастар шиңде. Мин уны үлеләр донъяһына, үлем соҡорона төшкәндәр янына олаҡтырғанда, ул ауған тауышҡа ҡәүемдәрҙе ҡурҡып тетрәнергә мәжбүр иттем. Шунда Ғедән баҡсаһындағы бөтә ағастар, Ливандың иң һайланмыш, иң яҡшы һәм мул һыу эскән ағастары барыһы ла түбәнге донъяла тынысланып ҡалды. Уның күләгәһендә йәшәгәндәр, ҡәүемдәр араһында уға арҡа терәгәндәр ҙә уның менән бергә үлеләр донъяһына, ҡылыстан ҡырылғандар янына төштө. Шунан, Ғедән ағастарының ҡайһыһы затлылығы һәм мөһабәтлеге менән һиңә тиң ине? Әммә хәҙер, Ғедән ағастары менән һин дә түбәнге донъяға төшөрөләсәкһең! Сөннәтһеҙ халыҡтар араһында, ҡылыстан үткәрелгәндәр менән йәнәш ятасаҡһың. Фирғәүендең һәм уның өйөр-өйөр халҡының тәҡдире шулай“», – тип белдерә Раббы Хаким. Һөргөнөбөҙҙөң ун икенсе йылында, ун икенсе айҙың беренсе көнөндә миңә Раббы һүҙе булды: – Эй әҙәм улы, Мысыр батшаһы фирғәүен тураһында һыҡтау йыры йырла, әйт уға: «Һин халыҡтар араһында – гүйә йәш арыҫлан; Һин диңгеҙҙәге аждаһа кеүекһең: Йылғаларыңды күбекләндерәһең, Аяҡтарың менән һыуҙы болғандырып, Йылғаларҙы бысратаһың. Раббы Хаким былай ти: „Күп халыҡтар йыйынында Өҫтөңә ауымды ырғытырмын, Улар һине йәтмәм менән һөйрәп сығарасаҡ. Мин һине ергә алып бырғармын, Асыҡ ҡырға ырғытып ҡуйырмын, Күктә осҡан ҡоштарҙы өҫтөңә ҡундырырмын, Ерҙәге бөтә ҡырағай йәнлектәргә Һине ем итеп бирермен. Итеңде тауҙарға таратып ташлармын, Үҙәндәрҙе мәйетең менән тултырырмын. Илде тауҙарға тиклем аҡҡан ҡаның менән һуғарырмын, Йырындар ҙа ҡалдыҡтарың менән тулыр. Һине һүндереп, күкте ябырмын, Йондоҙҙарҙы ҡараңғыға йәшерермен; Ҡояшты болот менән ҡаплармын, Ай ҙа яҡтылығын һипмәҫ. Баш осоңда нурын сәскән Бөтә күк есемдәрен ҡаплармын, Ереңде ҡараңғыға бырғармын, – тип белдерә Раббы Хаким. – Һинең һәләкәтең тураһында Ҡәүемдәрҙең араһына, Һин белмәгән илдәргә еткергәс, Күптәрҙең күңеленә хәүеф һалырмын. Тәҡдирең менән күп халыҡтарҙың ҡотон алып, Алдарында ҡылысымды уйнатҡанда, Уларҙың батшалары, һинең турала уйлап, Ҡурҡыуҙан сәстәре үрә торор. Һин ҡолаған һәләкәт көнөндә улар Сәғәт һайын үҙ йәндәре өсөн дер ҡалтырар“. Раббы Хаким былай ти: „Бабил батшаһының ҡылысы өҫтөңә ябырылыр. Ҡәүемдәрҙең иң рәхимһеҙ яугирҙәре Өйөр-өйөр халҡыңды ҡылыстан үткәрер. Мысырҙың тәкәбберлеген һындырыр, Бөтә ғәскәрен тар-мар итер. Мул һыулы йылғалар янында утлаған Барлыҡ мал-тыуарын бөтөрөрмөн; Бынан ары кеше аяғы ла, мал тояҡтары ла Ошо һыуҙарҙы болғатып бысратмаҫ. Шул саҡ һыуҙарын тондорасаҡмын, Йылғаларын майҙай тын ағыҙасаҡмын, – тип белдерә Раббы Хаким. – Мин Мысырҙы бушлыҡҡа әйләндергәс, Илде уны тултырған бөтә нәмәнән мәхрүм иткәс, Унда йәшәүселәрҙең бөтәһен һәләк иткәс, Минең Раббы икәнемде белерҙәр. Мысыр өсөн йырланасаҡ һыҡтау йыры ошо. Ҡәүемдәрҙең ҡыҙҙары йырлаясаҡ уны. Мысыр һәм уның өйөр-өйөр халҡы хаҡында йырланасаҡ ул“», – тип белдерә Раббы Хаким. Һөргөнөбөҙҙөң ун икенсе йылында, айҙың ун бишенсе көнөндә миңә Раббы һүҙе булды. – Эй әҙәм улы, Мысырҙың өйөр-өйөр халҡы өсөн ҡайғырып ила. Уны һәм ҡеүәтле ҡәүемдәрҙең ҡыҙҙарын үлем соҡорона төшкәндәр менән бергә түбәнге донъяға оҙат. Уларға былай тип әйт: «Һин кемдән матурыраҡ һуң? Төш тә сөннәтһеҙҙәр янына ят!» Мысыр халҡы ҡылыстан үткәрелгәндәр араһына йығылыр. Бына ҡылыс әҙер – Мысырҙы үҙенең өйөр-өйөр халҡы менән унда һөйрәп алып китегеҙ! Ҡаһарман башлыҡтар үлеләр донъяһынан Мысыр һәм уға терәк булғандар тураһында: «Улар төштө, ҡылыс менән үлтерелгән сөннәтһеҙҙәр инде бында ята», – тип әйтер. Ашшур ҙа бөтә ғәскәре менән унда. Ҡылыстан тураҡланған яугирҙәрҙең ҡәберҙәре менән уратып алынған ул. Уларҙың ҡәберҙәре – үлем соҡороноң иң төбөндә, Ашшурҙың ҡәберенең эргә-тирәһендә. Тереләр донъяһына ҡурҡыу һалғандарҙың һәр береһе һәләк булған, ҡылыстан үткәрелгән. Ғелам да шунда, өйөр-өйөр халҡы менән үҙ ҡәберенең әйләнәһендә тора. Һәр береһе ҡылыстан үткәрелгән, үлгән һәм сөннәтһеҙ килеш түбәнге донъяға ингән. Тереләр донъяһына ҡурҡыу һала торғайнылар, инде, мәсхәрәгә ҡалып, үлем соҡорона ингәндәр менән бергәләр. Ғелам өсөн үлтерелгәндәр араһында бер түшәк әҙерләнде. Өйөр-өйөр халҡы ҡәберенең әйләнә-тирәһендә ята. Ҡылыстан һәләк булған был сөннәтһеҙҙәр ҡасандыр тереләр донъяһына ҡурҡыу һала торғайны, инде мәсхәрә эсендә үлем соҡорона инделәр, уларҙы үлтерелгәндәр араһына һалдылар. Мәшәх менән Тувал өйөр-өйөр халҡы менән үҙҙәренең ҡәберҙәре әйләнәһендә тора. Был сөннәтһеҙҙәрҙең барыһы ла ҡылыстан үткәрелгән. Ә бит улар ҡасандыр тереләр донъяһына ҡурҡыу һалалар ине. Улар үлеләр донъяһына һуғыш ҡоралдары менән ингән, ҡылыстары баштары аҫтына һалынған, ҡалҡандары һөйәктәрен ҡаплаған, боронғо замандарҙа һәләк булған яугирҙәр менән бергә ятмай. Ә бит был яугирҙәр ҡасандыр тереләр донъяһында дәһшәт һала торғайны. Һин дә, эй фирғәүен, ҡырылырһың, ҡылыстан үткәрелгәндәр менән бергә сөннәтһеҙҙәр араһына йығылырһың. Эдом – унда, уның батшалары, түрәләре – унда. Улар, ғәйрәтле булыуҙарына ҡарамаҫтан, ҡылыс менән үлтерелгәндәр янына ҡуйылдылар, үлем соҡорона төшкәндәрҙең, сөннәтһеҙҙәрҙең эргәһендә яталар. Бөтә төньяҡ хакимдары, бөтә Сидон халҡы – унда. Улар, ҡасандыр бөйөк ҡеүәте менән ҡурҡыуға һалып торһа ла, ҡылыс менән үлтерелгәндәр янына төштөләр. Сөннәтһеҙ килеш ҡылыстан үлтерелгәндәр менән бергә мәсхәрәгә ҡалып, үлем соҡорона ингәндәр янында яталар. Фирғәүен уларҙы күрер ҙә үҙенең бөтә ғәскәре, үҙе һәм өйөр-өйөр халҡы ҡылыстан һәләк булғанға бик үк әсенмәҫ, – тип белдерә Раббы Хаким. – Мин тереләр донъяһына ҡурҡыу һаласаҡмын, фирғәүен һәм күп һанлы халҡы ҡылыстан үткәрелгәндәр менән бергә сөннәтһеҙҙәр янына ятасаҡ, – тип белдерә Раббы Хаким. Миңә Раббы һүҙе булды: – Эй әҙәм улы, үҙ халҡыңа һөйлә, әйт уларға: «Әгәр ҙә Мин берәй илгә ҡылыс ебәрһәм, ул ил халҡы, араларынан бер кешене алып, уны үҙҙәренә күҙәтсе итеп ҡуйыр. Күҙәтсе, ҡылыстың илгә яҡынлашҡанын күреп, халыҡты иҫкәртер өсөн борғо ҡысҡыртыр. Кем борғо тауышын ишетеп тә, һаҡланыу сараһын күрмәһә һәм ҡылыс килеп уның йәнен ҡыйһа, үлеме өсөн үҙе ғәйепле булыр. Ул борғо тауышын ишетте, әммә иҫкәртеүгә иғтибар бирмәне, шуға күрә үлемендә үҙе ғәйепле. Әгәр ул иҫкәртеүгә иғтибар иткән булһа, иҫән ҡалыр ине. Ә инде күҙәтсе ҡылыстың яҡынлашҡанын күрә тороп та борғо ҡысҡыртмаһа, ул халыҡты иҫкәртмәгән була. Ҡылыс килеп кешеләрҙең йәнен ҡыйһа, улар үҙҙәренең енәйәте өсөн үлтерелгән булыр, әммә уларҙың үлеме өсөн Мин күҙәтсене яуаплы итәсәкмен». – Мин һине, эй әҙәм улы, Исраил нәҫеленә күҙәтсе итеп ҡуйҙым. Һин, ауыҙымдан сыҡҡан һәр бер һүҙемде тыңлап, халҡыма әйтеп, уларҙы иҫкәртеп торорһоң. Мин яуыз кешегә: «Һин мотлаҡ үләсәкһең!» – тип әйтһәм, ә һин уны киҫәтмәһәң, уны яман юлын ташларға өндәмәһәң, был яуыз кеше үҙ енәйәте арҡаһында үләсәк, әммә уның ҡаны өсөн Мин яуаплылыҡты һинең өҫтөңә һаласаҡмын. Ә инде һин яуыз кешене киҫәтһәң, ул иһә, яуызлығын ҡуйып, яман юлын ташламаһа, үҙ ғәйебе өсөн үлер, ә һин үҙ йәнеңде ҡотҡарып ҡалырһың. Һин, эй әҙәм улы, Исраил халҡына былай тип әйт: «„Енәйәттәребеҙ һәм гонаһтарыбыҙ – өҫтөбөҙҙә, уларҙың ауырлығынан сүгәбеҙ. Был хәлдә нисек йәшәргә һуң беҙгә?“ – тиһегеҙ». Уларға еткер: «Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, – тип белдерә Раббы Хаким. – Мин яуыздың үлеменән түгел, яман юлын ташлап тере ҡалыуынан һөйөнөс табам. Яуыз юлығыҙҙан ҡайтығыҙ. Нимәгә һеҙгә үлергә, эй Исраил халҡы?» Ә һин, эй әҙәм улы, халҡыңа әйт: «Тоғро кеше енәйәт ҡылһа, уны тоғролоғо ҡотҡармаҫ. Яуыз кеше яманлығын ташлаһа, ҡылған яманлығы өсөн язаланмаҫ. Тоғро кеше Раббыға ҡаршы гонаһ ҡылһа, тоғролоғо язанан ҡотҡармаҫ. Тоғроға: „Мотлаҡ йәшәйәсәкһең“, – тиһәм, ә ул үҙенең хаҡлығына өмөтләнеп яуызлыҡ ҡылһа, эшләгән яҡшылыҡтарының береһе лә иҫәпкә алынмаҫ, һәм ул ҡылған гонаһы өсөн үлер. Яуыз кешегә: „Мотлаҡ үләсәкһең“, – тиһәм, әммә ул гонаһынан баш тартып ғәҙел һәм дөрөҫ ғәмәлдәр ҡылһа, аманат итеп алғанын кире бирһә, урлағаны өсөн түләһә, гонаһ ҡылмайынса, тормош ҡағиҙәләре буйынса йәшәһә, – мотлаҡ йәшәр, үлмәҫ. Эшләгән гонаһтарының береһе лә иҫкә алынмаҫ, ғәҙел һәм тоғро булғанды эшләй икән, мотлаҡ йәшәр». Әммә һинең халҡың: «Раббы Хакимдың юлы дөрөҫ түгел», – ти. Ә бит уларҙың үҙҙәренең юлы дөрөҫ түгел. Тоғро кеше, хаҡ юлын ташлап енәйәт ҡылһа, ҡылған гонаһы арҡаһында үләсәк. Яуыз кеше, яман эштәренән баш тартып, ғәҙел һәм тоғро булғанды ҡылһа, ҡылған яҡшылыҡтары өсөн йәшәйәсәк. Әммә һеҙ: «Раббы Хакимдың юлы дөрөҫ түгел», – тиһегеҙ. Мин һәр берегеҙҙе ҡылған ғәмәлдәренә күрә хөкөм итәсәкмен, эй Исраил нәҫеле! Һөргөнөбөҙҙөң ун икенсе йылында, унынсы айҙың бишенсе көнөндә Йәрүсәлимдән ҡасып ҡотолған берәү миңә килеп: «Ҡала тар-мар ителде!» – тине. Бынан бер көн элек, кискеһен, ул ҡасҡын яныма килгәнгә тиклем, Раббының ҡулы өҫтөмдә ине. Иртәнсәк ул кеше яныма килмәҫтән алда Раббы телемде асты. Телем асылды, инде телһеҙ түгел инем. Шунда миңә Раббы һүҙе булды: – Эй әҙәм улы, Исраилдың харабалары араһында йәшәүселәр: «Ибраһим, яңғыҙ була тороп та, был ергә хужа булған. Беҙ иһә күмәкбеҙ, әлбиттә, был ер беҙгә биләмә итеп бирелгән», – тиҙәр. Шуға күрә әйт уларға, Раббы Хаким былай ти: «Итте ҡаны менән ашайһығыҙ, боттарығыҙға табынаһығыҙ, ҡан түгәһегеҙ. Шунан һуң да ерҙе биләмә итеп алырға өмөтләнәһегеҙме? Ҡылысығыҙға арҡаланаһығыҙ, ерәнгес эштәр ҡылаһығыҙ, бер-берегеҙҙең ҡатынын нәжесләйһегеҙ. Шунан һуң да был ерҙе биләмә итеп алмаҡсыһығыҙмы?» Уларға әйт, Раббы Хаким былай ти: «Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, ошо харабалар араһында йәшәүселәр ҡылыстан йығыласаҡ, асыҡ яландағыларҙы януарҙарға емтек итеп бирәсәкмен, ҡәлғәләрҙә һәм мәмерйәләрҙә йәшәгәндәр үләттән ҡырыласаҡ. Илде харабаға һәм ташландыҡ ергә әйләндерәм, тәкәббер ҡеүәтен юҡҡа сығарам, Исраил тауҙары бушап ҡаласаҡ, уларҙан һис кем йөрөмәйәсәк. Ҡылған барлыҡ әшәкелектәре өсөн илде бушлыҡтарҙың бушлығына әүерелдергәндән һуң, улар Минең Раббы икәнемде белер». Ә һиңә килгәндә, эй әҙәм улы, халҡың диуар эргәләрендә, өйҙәренең ишеге төбөндә һинең хаҡта һөйләшер. Бер-береһенә, ағай-энеһенә: «Әйҙәгеҙ, барып тыңлайыҡ, Раббынан ниндәй һүҙ килгән икән?» – тиер. Һәр ваҡыттағы һымаҡ халыҡ һинең яныңа килер, Минең халҡым булараҡ ҡаршыңа ултырыр, һүҙҙәреңде тыңлар, әммә әйтелгәндәрҙе үтәмәҫ. Телдәре менән ихласлыҡтарын күрһәтерҙәр, әммә күңелдәре хаҡһыҙ табыш артынан ынтылыр. Һин улар өсөн уйын ҡоралында оҫта уйнаған, матур тауышлы һөйөү йырсыһы кеүекһең. Һүҙҙәреңде тыңлайҙар, әммә әйткәндәреңде үтәмәйҙәр. Ләкин былар барыһы ла бойомға ашҡас – ә ул мотлаҡ ашасаҡ – араларында пәйғәмбәр булғанын белерҙәр. Миңә Раббы һүҙе булды: – Эй әҙәм улы, Исраилдың көтөүселәренә ҡаршы пәйғәмбәрлек ит һәм уларға, был көтөүселәргә, әйт, Раббы Хаким былай ти: «Бары тик үҙ-үҙҙәрен ҡайғыртҡан Исраил көтөүселәренең башына бәлә! Көтөүселәр ҡуйҙарын көтөргә тейеш түгелме ни? Эс майы менән туйынаһығыҙ, йөндән кейенәһегеҙ, ҡуйҙарҙың иң һимеҙен һуяһығыҙ, ә малдарҙы ҡайғыртмайһығыҙ. Хәлһеҙҙәренә көс бирмәйһегеҙ, сирлеләрен дауаламайһығыҙ, йәрәхәтлеләренең яраһын бәйләмәйһегеҙ. Аҙашҡанын тапмайһығыҙ, юғалғанын эҙләмәйһегеҙ. Киреһенсә, уларға көс һәм аяуһыҙлыҡ менән идара итәһегеҙ. Улар көтөүселәре булмағанға күрә таралышты, шул арҡала ҡырағай хайуандарға ем булды. Көтөүем бөтә тауҙарға, бейек ҡалҡыулыҡтарға, бөтә ер йөҙөнә таралды. Уларҙы юллаусы ла, эҙләүсе лә юҡ». Шуға күрә, эй көтөүселәр, Раббы һүҙен тыңлағыҙ: «Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, – тип белдерә Раббы Хаким. – Көтөүсе булмағанлыҡтан, ҡуйҙарым табышҡа әйләнде, һарыҡтарым ҡырағай януарҙарға емтек булды. Көтөүселәрем ҡуйҙарымды ҡараманы, бары үҙ-үҙҙәрен ҡайғыртты». Шуға күрә, эй көтөүселәр, Раббы һүҙен тыңлағыҙ: Раббы Хаким былай ти: «Мин ул көтөүселәргә ҡаршымын! Мин уларҙан көтөүем өсөн яуап талап итәсәкмен. Һарыҡтарымды башҡаса уларҙан көттөрмәйәсәкмен. Бүтәнсә улар үҙ-үҙҙәрен генә ҡайғыртмаҫ. Ҡуйҙарымды уларҙың ауыҙынан ҡотҡарам, башҡаса уларға ем булмаҫтар». Раббы Хаким былай ти: «Инде ҡуйҙарымды Үҙем эҙләрмен, Үҙем ҡарармын. Таралған көтөүе араһында һарыҡтарын барлаған көтөүсе кеүек, Мин дә ҡуйҙарымды эҙләрмен. Болотло, ҡараңғы көндә таралған бөтә ерҙәрҙән уларҙы йыйып алырмын. Уларҙы халыҡтар араһынан сығарырмын, илдәрҙән йыйып алырмын, үҙҙәренең йорттарына кире ҡайтарырмын. Уларҙы Исраил тауҙарында, тарлауыҡтарҙа, илдең бөтә төйәктәрендә көтөрмөн. Уларҙы иң яҡшы болондарҙа көтөрмөн, утлауҙары Исраил тауҙарының битләүҙәрендә булыр. Улар яҡшы урындарҙа ял итер, Исраил тауҙарында үләнгә мул көтөүлектәрҙә утлар. Ҡуйҙарымды Үҙем көтәсәкмен, уларҙы һыулауҙа Үҙем ятҡырасаҡмын, – тип белдерә Раббы Хаким. – Юғалғанын табырмын, аҙашҡанын ҡайтарырмын, яралыһының йәрәхәтен бәйләрмен, хәлһеҙенә көс бирермен. Әммә һимереп шашҡандарын юҡ итәсәкмен. Мин ҡуйҙарымды ғәҙел көтәсәкмен». «Һеҙ, эй Минең көтөүем, – Раббы Хаким шулай ти, – һарыҡ менән һарыҡ араһында, һарыҡ тәкәләре менән кәзә тәкәләре араһында Үҙем хөкөм йөрөтәсәкмен. Яҡшы көтөүлектә утлауығыҙ аҙмы ни һеҙгә? Утлауығыҙҙың ҡалғанын тояҡтарығыҙ менән тапап йөрөйһөгөҙ. Таҙа һыуҙы эсәһегеҙ, ә ҡалғанын тояҡтарығыҙ менән болғандыраһығыҙ. – Минең ҡуйҙарым һеҙҙең тояҡтарығыҙ тапағанды ашарға, тояҡтарығыҙ болғандырған һыуҙы эсергә тейешме ни?» Шуға күрә Раббы Хаким уларға былай ти: «Һимеҙ һарыҡ менән ябыҡ һарыҡ араһында Мин Үҙем хөкөм йөрөтәсәкмен. Бөтә хәлһеҙ ҡуйҙарҙы төрткөләп сығарғанға тиклем ҡабырғағыҙ һәм яурынығыҙ менән этеп, мөгөҙҙәрегеҙ менән төкөгәнегеҙ өсөн Мин көтөүемде ҡотҡарырмын, башҡаса улар табыш булмаҫ. Ҡуй менән ҡуй араһында Үҙем хөкөм йөрөтөрмөн. Уларҙы көтөргә бер генә көтөүсене, ҡолом Дауытты ҡуясаҡмын. Уларҙы көтөр, көтөүселәре ул булыр. Мин Раббы уларҙың Аллаһы буласаҡмын. Ҡолом Дауыт уларҙың араһында хаким буласаҡ. Мин Раббы әйттем быларҙы. Улар менән именлек килешеүе төҙөрмөн, илдән йыртҡыс йәнлектәрҙе юҡ итермен. Далаларҙа хәүефһеҙ йәшәһендәр, урмандарҙа ҡурҡыуһыҙ йоҡлаһындар. Уларҙың үҙҙәренә лә, әйләнә-тирәләге ҡалҡыулыҡтарыма ла бәрәкәт күндерермен. Ямғырҙарҙы ваҡытында яуҙырырмын, улар хәйер-фатиха ямғырҙары булыр. Ҡырҙағы ағастар – емеш, тупраҡ мул уңыш бирер. Халыҡ үҙ илендә хәүефһеҙ йәшәр. Муйындарындағы ҡалыпты ватып, уларҙы ҡол иткәндәрҙең ҡулынан ҡотҡарғас, Минең Раббы икәнемде белерҙәр. Бүтәнсә улар ҡәүемдәргә – яумал, ҡырҙағы йәнлектәргә емтек булмаҫ. Хәүефһеҙ йәшәрҙәр, уларҙы бер кем ҡурҡытмаҫ. Аслыҡтан һәләк булмаһындар өсөн Мин уларға уңдырышлылығы менән дан аласаҡ ерҙәр бирермен, һәм улар башҡаса бүтән ҡәүемдәрҙең мәсхәрәһенә ҡалмаҫ. Шул саҡ Минең уларҙың Аллаһы Раббы булғанымды, улар, Исраил нәҫеле – Минең халҡым икәнен беләсәктәр, – тип белдерә Раббы Хаким. – Минең ҡуйҙарым, Минең көтөүлегемдең һарыҡтары – һеҙ кешеләрһегеҙ, ә Мин – һеҙҙең Аллағыҙ», – тип белдерә Раббы Хаким. Миңә Раббы һүҙе булды: – Эй әҙәм улы, йөҙөңдө Сеғир тауҙарына бор ҙа уға ҡаршы пәйғәмбәрлек ит. Әйт уға, Раббы Хаким былай ти: «Эй Сеғир тауҙары, Мин һиңә ҡаршымын! Һиңә ҡаршы ҡулымды күтәреп, һине харабаға һәм ташландыҡ ергә әйләндерәм. Ҡалаларыңды харабаға әйләндереп, һине кешеһеҙ ҡалдырасаҡмын. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһең. Һин исраилдарға ғүмер баҡый дошман булдың, уларға бәлә килгәндә, яза сәғәте һуҡҡанда уларҙы ҡылысҡа бирҙең. Шуға күрә Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, – тип белдерә Раббы Хаким, – һине ҡанға батырам. Ҡан һине эҙәрләйәсәк. Үҙеңдең ҡан түккәнеңә ытырғанмағаның өсөн, ҡан түгеү һине эҙәрләйәсәк. Сеғир тауҙарын бушлыҡтарҙың бушлығына әйләндерермен. Унда килгән-киткән ҡалмаҫ. Мин тауҙарыңды үлектәр менән тултырырмын, ҡалҡыулыҡтарыңда, үҙәндәреңдә, бөтә тарлауыҡтарыңда ҡылыстан ҡырылғандар аунап ятыр. Һине мәңгегә бушлыҡҡа әйләндерәм, ҡалаларыңда һис кем йәшәмәҫ. Шул сағында Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ. Мин Раббының Йәһүҙә һәм Исраилда булғаныма ҡарамай, һин: „Был ике халыҡ, был ике ил минеке буласаҡ, мин уларға хужа буласаҡмын“, – тинең. Шуға күрә Раббы Хаким былай тип белдерә: Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, уларҙы күрә алмауың арҡаһында ни тиклем көнләшкән һәм нәфрәтләнгән булһаң, Мин дә һинең менән шулай ҡыланасаҡмын. Һине хөкөм иткән ваҡытта халҡыма Үҙемде танытасаҡмын. Шул саҡта Исраил тауҙарын: „Буп-буш ҡалдылар, йоторға тип беҙгә бирелделәр!“ – тип мыҫҡыл иткәндәреңде Мин Раббының ишеткәнен белерһең. Ауыҙығыҙ менән Миңә ҡаршы тәкәббер һөйләндегеҙ, Минең хаҡта хурлыҡлы һүҙҙәр әйттегеҙ. Мин быны ишеттем». Раббы Хаким былай ти: «Бөтә ер йөҙөн ҡыуандырып, һине ер менән тигеҙләйәсәкмен. Исраил халҡының биләмәһе бушап ҡалғанға нисек ҡыуанған булһаң, һинең менән дә шулай эшләйәсәкмен. Эй Сеғир тауҙары – бөтә Эдом иле – емереклеккә әйләнеп, буп-буш ҡаласаҡһығыҙ. Шунда Минең Раббы икәнемде беләсәктәр». – Эй әҙәм улы, Исраил тауҙарына пәйғәмбәрлек ит, әйт уларға: «Эй Исраил тауҙары, Раббы һүҙен тыңлағыҙ! Раббы Хаким былай ти: „Дошман һеҙҙең хаҡта: әһә, мәңгелек түбәләр беҙҙең мөлкәтебеҙ булды, тип әйтә“». Шуға күрә пәйғәмбәрлек итеп әйт, Раббы Хаким былай ти: «Һеҙҙе башҡа халыҡтарҙың мөлкәте булһын, уларҙың теленә ҡалһын, ғәйбәтенә тарыһын өсөн һәр яҡтан талаған һәм йолҡҡолаған өсөн, шуның өсөн, эй Исраил тауҙары, Раббы Хакимдың һүҙен тыңлағыҙ! Тирә-яҡтағы ҡәүемдәрҙең табышына, әҙәм мәсхәрәһенә әйләнгән тауҙарға, ҡалҡыулыҡтарға, тарлауыҡтарға һәм үҙәндәргә, буп-буш ҡалған емереклектәргә һәм ташландыҡ ҡалаларға Раббы Хаким былай ти: „Көнсөллөк утында янып, башҡа ҡәүемдәргә, барса Эдомға ҡаршы Үҙ һүҙемде белдерҙем. Улар, бөтә йөрәктән ҡыуанып, бөтә күңелдән мыҫҡыл итеп, илемә хужа булдылар һәм уның көтөүлектәрен талар өсөн үҙҙәренә яумал итеп алдылар“». Шул сәбәпле Исраил ере тураһында пәйғәмбәрлек ит һәм тауҙарға, ҡалҡыулыҡтарға, тарлауыҡтарға, үҙәндәргә әйт, Раббы Хаким былай ти: «Ҡәүемдәрҙең мыҫҡыл итеүҙәрен кисергәнегеҙ өсөн көнсөллөк утында янып, һүҙемде белдерәм. Шуға күрә, – ти Раббы Хаким, – ҡулымды күтәреп ант итәм: әйләнә-тирәгеҙҙәге ҡәүемдәр үҙҙәре мәсхәрәгә төшәсәк. Ә һеҙ, Исраил тауҙары, сәскә атасаҡһығыҙ һәм халҡым Исраилға емеш бирәсәкһегеҙ, сөнки халҡым Исраил тиҙҙән йортона ҡайтасаҡ. Сөнки Мин һеҙҙең яҡлымын, Мин һеҙҙең тарафҡа бороласаҡмын. Тупрағығыҙ эшкәртеләсәк һәм игеләсәк. Илегеҙҙә йәшәүселәрҙең, бөтә Исраил нәҫеленең һанын арттырасаҡмын. Ҡалаларҙа төйәкләнәсәктәр, емереклектәр ҡабаттан төҙөләсәк. Илегеҙҙә кешеләрҙе һәм мал-тыуарҙы ишәйтәсәкмен. Улар үрсер һәм күбәйер. Элекке ваҡыттарҙағы кеүек, илегеҙҙә бик күп кеше йәшәр. Мин һеҙгә әүәлгегә ҡарағанда ла күберәк игелек ҡылырмын. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ. Һеҙгә кешеләремде – халҡым Исраилды – килтерәсәкмен, һәм улар һиңә хужа буласаҡ, һин уларҙың биләмәһе буласаҡһың. Башҡаса уларҙы балаларынан мәхрүм итмәйәсәкһегеҙ». Раббы Хаким былай ти: «Һинең хаҡта: „Эй ил, кешеләр һине әҙәм ашаған һәм халҡын балаһыҙ ҡалдырған ил“, – тиҙәр. Әммә һин бынан һуң әҙәм ашамаясаҡһың, ҡәүемеңде балаларҙан мәхрүм итмәйәсәкһең, – тип белдерә Раббы Хаким. – Инде Мин һиңә ҡәүемдәрҙең хурлауын ишеттермәм, ят халыҡтарҙың мәсхәрәһенә дусар булмаҫһың. Халҡыңды башҡаса абындырырға юл ҡуймаясаҡмын», – тип белдерә Раббы Хаким. Миңә Раббы һүҙе булды: – Эй әҙәм улы, Исраил нәҫеле үҙ тупрағында йәшәгән саҡта тотҡан юлдары һәм ҡылған ғәмәлдәре менән уны нәжесләне. Уларҙың бындай ҡылығы Минең өсөн ҡатын-ҡыҙҙың күрем ваҡытындағы нәжесе кеүек булды. Уларға асыуымды түктем, сөнки илдә ҡан ҡойҙолар һәм уны боттары менән нәжесләнеләр. Уларҙы ҡәүемдәр араһына тараттым, төрлө илдәргә сәселделәр. Тотҡан юлдары һәм ҡылған ғәмәлдәренә күрә хөкөм иттем уларҙы. Барған һәр бер ерҙәрендә ҡәүемдәр араһында изге исемемде бысраттылар. Сөнки улар тураһында: «Был – Раббының халҡы, әммә улар Уның иленән ҡыуылып сыҡты», – тинеләр. Шуға күрә Исраил халҡы үҙҙәре барған ҡәүемдәр араһында бысратҡан изге исемем өсөн ҡайғырҙым. Шуға күрә Исраил халҡына әйт, Раббы Хаким былай ти: «Эй Исраил нәҫеле, быны һеҙҙең өсөн түгел, барған ҡәүемдәр араһында һеҙ бысратҡан изге исемем хаҡына эшләрмен. Һеҙ ҡәүемдәр араһында хурлаған бөйөк исемемдең мөҡәддәс икәнлеген күрһәтермен. Ҡәүемдәрҙең күҙ алдында һеҙҙең аша изгелегемде ғәмәл ҡылғас, улар Минең Раббы икәнемде белер, – тип белдерә Раббы Хаким. – Мин һеҙҙе ҡәүемдәр араһынан аласаҡмын, бөтә илдәрҙән йыйып, илегеҙгә кире ҡайтарасаҡмын. Өҫтөгөҙгә саф һыу һирпермен, бөтә әшәкелектәрегеҙҙән таҙарынырһығыҙ. Бөтә боттарығыҙҙан арындырырмын һеҙҙе. Һеҙгә яңы йөрәк бирермен, булмышығыҙға яңы рух иңдерермен. Тәнегеҙҙән таш йөрәкте сығарып, һеҙгә тере йөрәк бирермен. Үҙ Рухымды булмышығыҙға иңдерермен, Минең ҡағиҙәләрем буйынса йәшәрһегеҙ, ҡанундарымды үтәрһегеҙ һәм уларҙы тормошҡа ашырырһығыҙ. Ул заманда Мин аталарығыҙға биргән ерҙә йәшәрһегеҙ. Һеҙ – Минең халҡым, Мин һеҙҙең Аллағыҙ булырмын. Һеҙҙе бөтә әшәкелектәрегеҙҙән, нәжестән ҡотҡарырмын. Бойҙайға бойороҡ бирермен һәм уңышығыҙҙы арттырырмын, башҡаса һеҙгә аслыҡ күрһәтмәм. Аслыҡ арҡаһында һеҙҙе ҡәүемдәр араһында оятҡа ҡалдырмаҫ өсөн, ағастарҙың емешен, баҫыуҙарҙың уңышын мул итермен. Шул саҡ яман юлдарығыҙҙы, боҙоҡ ғәмәлдәрегеҙҙе иҫегеҙгә төшөрөрһөгөҙ, енәйәттәрегеҙ һәм әшәкелектәрегеҙ өсөн үҙегеҙҙән үҙегеҙ ерәнерһегеҙ. Белеп тороғоҙ, быны һеҙҙең хаҡығыҙға эшләмәйем, – тип белдерә Раббы Хаким. – Тотҡан юлдарығыҙ өсөн оялығыҙ, йөҙөгөҙ ҡыҙарһын, эй Исраил халҡы!» Раббы Хаким былай ти: «Һеҙҙе барлыҡ енәйәттәрегеҙҙән таҙартҡан көндө ҡалаларығыҙҙы төйәкләндерермен, емереклектәр ҡайтанан төҙөлөр. Үткән-һүткәндең күҙ алдында сүл кеүек буп-буш ятҡан тупраҡ эшкәртелер. „Ташландыҡ ятҡан был ерҙәр Ғедән баҡсаһындай булды! Харабаға әйләнгән, бушап ҡалған, емерелгән ҡалалар әле нығытылды, унда кешеләр йәшәй башланы“, – тип әйтерҙәр. Шул саҡ тирә-яғығыҙҙа ҡалған ҡәүемдәр Мин Раббының емерелгәнде торғоҙғанымды, ташландыҡ ерҙәрҙе ҡайтанан баҡсаға әйләндергәнемде белер. Мин, Раббы, әйттем быны һәм әйткәнемде бойомға ашырасаҡмын». Раббы Хаким былай ти: «Мин, тағы ла халҡым Исраилдың үтенесенә ҡолаҡ һалып, уларҙы ҡуй көтөүе кеүек күбәйтермен. Байрамдарҙа Йәрүсәлимдә ҡорбанға килтерелгән һарыҡтар ни тиклем күп булһа, әле бушап ҡалған ҡалалар ҙа шул тиклем кеше менән тулы буласаҡ. Шунда Минең Раббы икәнемде белерҙәр». Раббының ҡулы өҫтөмдә ине. Раббы Рухы мине тышҡа алып сыҡты ла һөйәк тулы бер үҙән уртаһына килтереп баҫтырҙы. Ул мине һөйәктәр тирәһендә йөрөтә башланы – был үҙәндә улар бик күп ине һәм барыһы ла кибеп бөткәйне. Раббы минән: – Эй әҙәм улы, был һөйәктәр терелә аламы? – тип һораны. – Йә Раббы Хаким, быны Һин генә беләһең, – тинем. Шунан Ул миңә: – Был һөйәктәргә пәйғәмбәрлек ит, – тине. – Әйт уларға: «Эй ҡоро һөйәктәр, Раббы һүҙен тыңлағыҙ! Раббы Хаким был һөйәктәргә әйтә: „Бына, Мин һеҙгә һулыш индерермен дә һеҙ йәнләнерһегеҙ. Мин һеҙгә һеңер тартырмын, ит ҡундырырмын, тире менән ҡаплармын. Эсегеҙгә һулыш индерермен, һәм һеҙ йәнләнерһегеҙ. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ“». Миңә нисек бойоролған булһа, шулай пәйғәмбәрлек иттем. Пәйғәмбәрлек иткән сағымда тауыш ҡупты, һөйәктәр хәрәкәткә килде һәм бер-береһенә тоташа башланы. Күрәм: уларға һеңер үҫте, ит үрҙе, тире ҡапланы, әммә йәндәре юҡ ине. Шунда Ул миңә былай тине: – Эй әҙәм улы, һулышҡа өндәш, пәйғәмбәрлек итеп әйт, Раббы Хаким былай ти: «Эй һулыш, дүрт тарафтан ел менән кил! Был үлтерелгән әҙәмдәргә өр ҙә, улар терелер!» Ул миңә нисек ҡушһа, шулай пәйғәмбәрлек иттем – уларға һулыш инде һәм улар терелеп тороп баҫты. Улар сикһеҙ күмәк ине. Шунда Ул миңә былай тине: – Эй әҙәм улы, бөтә Исраил халҡы – ошо һөйәктәр ул. Ҡара, улар: «Һөйәктәребеҙ кибеп бөттө, өмөтөбөҙ үлде, киләсәгебеҙ юҡ», – тиҙәр. Шуға күрә пәйғәмбәрлек итеп әйт, Раббы Хаким былай ти: «Эй халҡым Минең, ҡәберҙәрегеҙҙе асып, һеҙҙе унан сығарырмын һәм Исраил еренә кире ҡайтарырмын. Эй халҡым, ҡәберҙәрегеҙҙе асып, һеҙҙе унан сығарғас, Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ. Мин һеҙгә рухымды һалырмын, һәм һеҙ терелерһегеҙ. Һеҙҙе үҙ ерегеҙҙә төйәкләндерермен. Шул ваҡытта Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ. Мин, Раббы, әйттем быны һәм әйткәнемде бойомға ашырасаҡмын. Раббы шулай тип белдерә». Миңә Раббы һүҙе булды: – Эй әҙәм улы, бер таяҡ ал да уның өҫтөнә «Йәһүҙә һәм уға теләктәш булған исраилдар» тип яҙ. Шунан икенсе бер таяҡ ал, уның өҫтөнә «Йософ һәм уға теләктәш булған бөтә Исраил халҡы» тип яҙ. Был – Әфраим таяғы. Уларҙың остарын бергә ҡуш, ҡулыңда бер таяҡтай булһын. Халҡыңдан ҡайһы берәүҙәр: «Бының нимә аңлатҡанын әйтмәҫһеңме?» – тип һораһа, уларға әйт, Раббы Хаким былай ти: «Бына, Мин, Йософ һәм уға теләктәш булған Исраил ырыуҙарының әле Әфраимдың ҡулындағы таяғын алып, уны Йәһүҙәнең таяғы менән берләштерәм. Улар Минең ҡулымда бер бөтөн буласаҡ». Үҙең яҙған ошо ике таяҡты уларҙың күҙ алдында ҡулыңда тотоп, уларға әйт, Раббы Хаким былай ти: «Бына, Мин, һәр яҡҡа таралған халҡым Исраилды үҙҙәре киткән ҡәүемдәр араһынан йыйып алып, үҙ ерҙәренә кире ҡайтарасаҡмын. Уларҙы был илдә, Исраил тауҙарында, бер халыҡ итәм, улар өҫтөнән бер батша буласаҡ. Башҡаса улар бер ҡасан да ике халыҡ булмаҫ, ике батшалыҡҡа бүленмәҫ. Артабан боттары, ерәнгес нәмәләре һәм енәйәттәре менән үҙҙәрен нәжесләмәҫтәр. Уларҙы йәшәгән һәм гонаһ эшләгән барлыҡ ерҙәрҙән ҡотҡарып таҙарындырырмын. Улар Минең халҡым булыр, Мин уларҙың Аллаһы булырмын. Ҡолом Дауыт уларҙың батшаһы булыр, уларҙың барыһына бер көтөүсе булыр. Улар Минең ҡанун-ҡағиҙәләрем буйынса йәшәр, Минең бойороҡтарымды еренә еткереп үтәр. Улар Мин ҡолом Яҡупҡа биргән, ата-бабаларығыҙ йәшәгән ерҙә үҙҙәре лә, балалары ла, балаларының балалары ла мәңге йәшәр, ҡолом Дауыт уларға мәңге хаким булыр. Мин улар менән именлек килешеүе төҙөшөрмөн. Был улар менән мәңгелек килешеү булыр. Мин уларҙы үҙ ерҙәрендә төйәкләндерермен, күбәйтермен, Үҙемдең Изге торлағымды мәңгелеккә уларҙың араһына ҡуйырмын. Минең торлағым улар араһында булыр. Мин уларҙың Аллаһы булырмын, улар Минең халҡым булыр. Изге торлағым мәңгелеккә улар араһына урынлашҡас, ҡәүемдәр Исраилды изге ҡылыусының Мин, Раббы, икәнен белер». Миңә Раббы һүҙе булды: – Эй әҙәм улы, йөҙөңдө Магог илендәге булған Мәшәхтең һәм Тувалдың баш хакимы Гогҡа табан бор ҙа уға ҡаршы пәйғәмбәрлек ит. Әйт, Раббы Хаким былай ти: «Эй Мәшәх менән Тувалдың баш хакимы Гог, Мин һиңә ҡаршымын! Һине килгән юлыңдан кире борасаҡмын, теш ҡаҙналарыңа ырғаҡ кейҙерәсәкмен. Һине, бөтә ғәскәреңде, аттарыңды, һыбайлыларыңды, тотош ҡоралланған, эреле-ваҡлы ҡалҡандар тотҡан, ҡылыслы бөйөк сиреүеңде ҡыуып сығарасаҡмын. Улар менән бергә һәр береһе ҡалҡанлы, торҡалы фарсыларҙы, куштарҙы, путтарҙы; бөтә өйөрө менән Ғүмәрҙе, алыҫ төньяҡтан өйөрө менән Бейт-Тогарманы – һинең менән бик күп халыҡтарҙы ҡыуасаҡмын. Әҙерлән һәм ҡораллан! Эргәңдә тупланған бөтә өйөрөң менән бергә әҙерлән. Һин уларҙы башлап барырһың. Бик күп ваҡыттарҙан һуң һин саҡырылырһың. Йылдар уҙғас, һин һуғыштан арынып рәхәтлеккә сыҡҡан бер илгә һөжүм итәсәкһең. Ул илдең кешеләре, күмәк халыҡ араһынан йыйып алынып, оҙаҡ ваҡыт буш ятҡан Исраил тауҙарына кире ҡайтарылған һәм барыһы ла имен-аман тормош кисергән булыр. Әммә һин ғәрәсәт кеүек уларға ябырыласаҡһың. Һин, бөтә ғәскәрҙәрең һәм һинең менән булған бик күп халыҡтар илде болот һымаҡ ҡаплап аласаҡһығыҙ». Раббы Хаким былай ти: «Ул көндө башыңа бик күп уйҙар килер, һәм һин яуыз ниәт ҡороп әйтерһең: „Диуарҙар менән уратып алынмаған ауылдары булған илгә, бер хәүефһеҙ рәхәт йәшәгән кешеләргә ҡаршы барайым. Уларҙың диуарҙары ла, ҡапҡалары ла, арҡыры биктәре лә юҡ. Ҡәүемдәр араһынан йыйып алынған, емереклектәрҙе ҡабат торғоҙған, мал-тыуары һәм мөлкәте булған, донъя кендегендә йәшәгән был халыҡҡа ҡаршы ҡул һуҙып, талармын, табыш итеп алырмын“. Шева һәм Дедан, Таршиш сауҙагәрҙәре һәм барлыҡ бай, һүҙе үтә торған кешеләре һинән: „Талар өсөн килдеңме? Яумал тупламаҡ, алтын-көмөш йыймаҡ, мал-мөлкәт тартып алмаҡ, мул табыш ҡулға төшөрмәк булып, был сиреүҙе йыйҙыңмы?“ – тип һораясаҡ». Шуға күрә, эй әҙәм улы, пәйғәмбәрлек итеп, Гогҡа әйт, Раббы Хаким былай ти: «Минең халҡым Исраил хәүеф-хәтәрһеҙ йәшәгән көндө һин был турала беләсәкһең. Һин һәм һинең менән бергә бик күп халыҡтар, барыһы ла һыбайлы, олоғара өйөр, көслө ғәскәр үҙ төйәгеңдән – алыҫ төньяҡтан килерһегеҙ. Ерҙе ҡаплаған болот кеүек халҡым, Исраилдың өҫтөнә ябырылырһың. Эй Гог, киләсәк көндәрҙә һине Үҙ илемә килтерәсәкмен. Ҡәүемдәрҙең күҙ алдында һинең аша Үҙемдең мөҡәддәслегемде күрһәтеп, Үҙемде танытасаҡмын Мин». Раббы Хаким былай ти: «Боронғо замандарҙа уҡ ҡолдарым Исраил пәйғәмбәрҙәре аша һинең турала һөйләмәнемме ни Мин? Ул пәйғәмбәрҙәр оҙаҡ йылдар һине Исраил халҡына ҡаршы килтерәсәгем хаҡында пәйғәмбәрлек иттеләр. Әммә Гог Исраил тупрағына һөжүм иткән көндө, – тип белдерә Раббы Хаким, – асыуым дөрләп ҡабынасаҡ. Көнсөллөгөм һәм нәфрәтем утында белдерәм: ул көндө Исраил ерендә дәһшәтле ер тетрәү буласаҡ. Диңгеҙҙәге балыҡтар, күктәге ҡоштар, ҡырҙағы януарҙар һәм ерҙәге бөтә һөйрәлеүселәр, ер өҫтөндәге бөтә әҙәм Минең алдымда ҡалтырап торасаҡ. Тауҙар емерелер, ҡаялар ҡолар, бөтә диуарҙар ергә йығылыр. Бөтә тауҙарымда Гогҡа ҡаршы ҡылыс ебәрәсәкмен, – тип белдерә Раббы Хаким. – Һәр кем бер-береһенә ҡаршы ҡылыс күтәрәсәк. Мин уны өҫтөнә ҡырғын килтереп, ҡанын ҡойоп язалармын. Уға, ғәскәренә, уның менән бергә килгән күп халыҡтарға ҡойма ямғыр, таш һымаҡ боҙ, ут һәм көкөрт яуҙырырмын. Үҙемдең бөйөклөгөмдө һәм мөҡәддәслегемде күрһәтермен, бик күп ҡәүемдәрҙең күҙ алдында Үҙемде танытырмын. Шунда Минең Раббы икәнемде белерҙәр». Ә һин, әҙәм улы, Гогҡа ҡаршы пәйғәмбәрлек итеп әйт, Раббы Хаким былай ти: «Эй һин, Мәшәх менән Тувалдың баш хакимы Гог, бына Мин һиңә ҡаршымын! Мин һине кире борасаҡмын, алыҫ төньяҡтан сығарып, Исраил тауҙарына килтерәсәкмен. Һул ҡулыңдағы йәйәңде бәреп төшөрөрмөн, уң ҡулыңдағы уҡтарҙы тартып алырмын. Һин бөтә сиреүең һәм эргәңдәге күмәк халыҡтар менән бергә Исраил тауҙарында һәләк буласаҡһың. Һәр төрлө йыртҡыс ҡоштарға һәм ҡырағай януарҙарға емтек итеп бирәсәкмен һине. Һин асыҡ ҡырҙа ятып ҡаласаҡһың. Быны Мин әйттем, – тип белдерә Раббы Хаким. – Магог иленә һәм диңгеҙ буйындағы ерҙәрҙә хәүефһеҙ йәшәүселәр өҫтөнә ут яуҙырасаҡмын. Шунда Минең Раббы икәнемде беләсәктәр. Халҡым Исраил араһында изге исемемде танытасаҡмын. Бынан ары изге исемемде хурларға бирмәйәсәкмен. Шунда ҡәүемдәр Минең Раббы, Исраилдың Изгеһе булғанымды беләсәктәр. Ул көн яҡынлашты! Мин әйткән ул көн мотлаҡ киләсәк, – тип белдерә Раббы Хаким. – Шул ваҡытта Исраил халҡы ҡалаларҙан сығып усаҡ яғыр, ҡоралдарҙы, ҙур һәм бәләкәй ҡалҡандарҙы, йәйәләрҙе һәм уҡтарҙы, суҡмарҙарҙы һәм һөңгөләрҙе яндырыр. Ете йыл буйы яндырасаҡтар уларҙы. Ҡырҙан утын ташымаҫтар, урман ҡырҡмаҫтар, сөнки яғыу өсөн тик ҡоралдарын файҙаланырҙар. Улар үҙҙәренең малдарын тартып алғандарҙың малдарын тартып алырҙар, үҙҙәрен талағандарҙы таларҙар, – тип белдерә Раббы Хаким. – Ул көндө Исраилда, диңгеҙҙән көнсығышта, Сәйәхәтселәр үҙәнендә Гогҡа бер ҡәбер урыны бирермен. Ул үтеп йөрөүселәрҙең юлына кәртә булып торор. Унда Гогты бөтөн өйөрө менән ерләрҙәр һәм Һамон-Гог үҙәне тип атарҙар. Исраил халҡы ете ай буйы уларҙы күмеп үҙ илен таҙартыр. Мәйеттәрҙе ерләүҙә бөтә ил халҡы ҡатнашыр һәм Мин шөһрәтемде танытҡан ошо көндә улар юғары абруйға ирешер, – тип белдерә Раббы Хаким. – Илде таҙартыу өсөн, ил буйлап йөрөп, ерҙә ятып ҡалған мәйеттәрҙе күмеү өсөн махсус кешеләр тәғәйенләнер. Эҙләнеү эштәрен ете ай үткәс башларҙар. Улар илде йөрөп сығыр һәм, кеше һөйәге күрһәләр, ерләүселәр уны Һамон-Гог үҙәненә күмгәнгә тиклем янына берәй билдә ҡуйыр. Унда Һамона тигән бер ҡала булыр. Улар илде шулай таҙартырҙар». Ә һиңә, эй әҙәм улы, Раббы Хаким былай ти: «Һәр төрлө ҡоштарға һәм ҡырағай януарҙарға әйт: „Йыйылығыҙ ҙа килегеҙ, һәр яҡлап һеҙҙең өсөн әҙерләгән ҡорбаныма, Исраил тауҙарындағы бөйөк ҡорбанға ағылығыҙ. Унда ит ашарһығыҙ, ҡан эсерһегеҙ. Башанда һимертелгән малдарҙың – һарыҡ тәкәләренең, бәрәстәрҙең, кәзә тәкәләренең һәм үгеҙҙәрҙең итен ашап, ҡанын эскән һымаҡ, батырҙарҙың итен ашарһығыҙ, ер хакимдарының ҡанын эсерһегеҙ. Мин һеҙҙең өсөн әҙерләгән ҡорбан ашында туйғансы май ашарһығыҙ, алҡынғансы ҡан эсерһегеҙ. Минең табынымда һеҙ ат һәм һыбайлыларҙы, ҡаһармандарҙы һәм һәр төрлө яугирҙәрҙе мул итеп ашап туйынырһығыҙ“, – тип белдерә Раббы Хаким. – Мин Үҙемдең шөһрәтемде ҡәүемдәр араһында танытасаҡмын. Барса ҡәүемдәр Мин ҡылған хөкөмдө һәм өҫтәренә һуҙған ҡулымды күрәсәк. Исраил нәҫеле, шул көндән башлап, Минең Раббы, уларҙың Аллаһы икәнемде белер. Шунда ҡәүемдәр Исраил нәҫеле үҙе ҡылған енәйәттәр арҡаһында һөргөнгә ебәрелгәнен аңлар. Улар Миңә хыянат иткәнгә күрә, Мин уларҙан йөҙ сөйөрҙөм, уларҙы дошмандары ҡулына бирҙем, һәм улар барыһы ла ҡылыстан ҡырылды. Уларға нәжесләнгәндәре һәм енәйәттәре өсөн шулай эшләнем – уларҙан йөҙөмдө йәшерҙем». Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Инде Мин Яҡуп нәҫелен әүәлге мул, имен тормоштарына ирештерермен, Исраилдың бөтә халҡына мәрхәмәтемде ҡылырмын, Үҙемдең изге исемемде фиҙаҡәрҙәрсә яҡлармын. Үҙ ерҙәрендә имен-аман йәшәгәндә, уларҙы ҡурҡытҡан һис кем булмағанда үҙҙәренең хурлығын, Миңә ҡарата тоғро булмағандарын оноторҙар. Уларҙы ҡәүемдәр араһынан кире ҡайтарып, дошмандарының еренән йыйып алған ваҡытымда, күмәк ҡәүемдәр алдында улар аша Үҙемдең изгелегемде күрһәтермен. Шунда улар Минең Аллалары Раббы икәнемде белер. Гәрсә Мин уларҙы ҡәүемдәр араһына таратҡан булһам да, береһен дә ташламайынса үҙҙәренең тупраҡтарына кире ҡайтарырмын. Халҡым Исраил өҫтөнә Үҙемдең Рухымды яуҙырырмын, инде уларҙан йөҙ йәшермәм», – тип белдерә Раббы Хаким. Һөргөнөбөҙҙөң егерме бишенсе йылында, йыл башында, айҙың унынсы көнөндә, ҡаланың тар-мар ителеүенең ун дүртенсе йылында, тап шул көндө, Раббының ҡулы өҫтөмдә ине. Ул мине Исраилға алып китте. Күренмешемдә Раббы мине, Исраил еренә алып килеп, бик бейек тау башына баҫтырҙы. Тауҙың көньяғында ҡалаға оҡшаған биналар күрҙем. Алла мине шунда алып килде. Унда баҡыр һымаҡ ялтырап торған бер кеше күрҙем. Ул, ҡулына етен бау менән ҡамыштан яһалған үлсәү таяғы тотоп, ҡапҡа төбөндә тора ине. Ул миңә: – Әҙәм улы! Күҙең менән күр, ҡолағың менән ишет. Үҙеңә күрһәткән бөтә нәмәгә күңел биреп баҡ, – тине. – Мин һиңә шуны күрһәтһен өсөн бында килтерелдең. Күргәндәреңдең бөтәһен дә Исраил халҡына еткер. Мин ҡорамдың әйләнәһен уратып алған диуар күрҙем. Теге кешенең ҡулындағы үлсәү таяғының оҙонлоғо алты терһәк булып, был терһәк бер ус аяһын өҫтәп һанала ине. Ул кеше диуарҙы үлсәне: оҙонлоғо ла, бейеклеге лә бер таяҡ булды. Шунан ул көнсығышҡа ҡараған ҡапҡаға табан китте лә уның баҫҡысынан менде. Ҡапҡаның тупһаһын үлсәне – киңлеге бер таяҡ булды, тимәк, бер тупһа – бер таяҡ. Ҡапҡа диуарҙарындағы бүлмәләрҙең һәр береһенең буйы һәм иңе – бер таяҡ, ә бүлмәләрҙең араһы биш терһәк ине. Ҡорамға ҡараған айуандың ҡапҡа тупһаһы бер таяҡ оҙонлоғонда ине. Шунан ҡапҡаның айуанын үлсәне; уның киңлеге – һигеҙ терһәк, айуан бағаналарының ҡалынлығы икешәр терһәк булды. Был айуан ҡапҡаның ҡорамға ҡараған яғында ине. Көнсығыш ҡапҡаның диуарҙарында һәр ике яҡлап өсәр ян бүлмә эшләнгән; улар барыһы ла бер үлсәмдә. Бүлмәләр араһындағы диуарҙар ҙа бер үлсәмдә ине. Шунан ул ҡапҡаның уйымын үлсәне: уның киңлеге ун терһәк ине. Ә тотош ҡапҡаның киңлеге ун өс терһәк ине. Һәр ян бүлмәнең алдында – бер терһәклек кәртә, икенсе яҡта ла бер терһәклек кәртә бар. Ян бүлмәләрҙең һәр яғы алты терһәк тәшкил итә. Артабан ул бер бүлмәнең артҡы диуарынан ҡаршы яҡтағы бүлмәнең артҡы диуарына тиклем араны үлсәне – ул егерме биш терһәк булды. Бағаналарҙы үлсәне, алтмыш терһәк булды. Ҡапҡа әйләнәһендәге ихата бағаналарға тиклем һуҙылғайны. Ҡапҡаға ингән ерҙән алып айуан яғынан сығыу урынына тиклем ара илле терһәк ине. Ян бүлмәләрҙең артҡы диуарында, бүлмәләр араһындағы диуарҙа, айуандың һәр яғында рәшәткәле тәҙрәләр бар, ян бүлмәләр араһындағы диуарҙар хөрмә ағасы һүрәттәре менән биҙәлгәйне. Бынан һуң ул кеше мине тышҡы ихатаға алып инде. Ихата диуарҙары буйлап, утыҙ бүлмә урынлашҡан һәм улар алдына ихатаны уратып алған таш юл һалынған ине. Ҡапҡаларҙың һәр ике яғындағы тәпәшерәк таш юлдың киңлеге ҡапҡаның киңлеге менән бер ине. Тышҡы түбәнге ҡапҡаның эске яғынан эске ихатаның ҡапҡаһына тиклем үлсәне: йөҙ терһәк булды. Көнсығыш һәм төньяҡ тарафта ла шулай ине. Ул шулай уҡ тышҡы ихатаның төньяҡҡа ҡараған ҡапҡаһының оҙонлоғо менән киңлеген үлсәне. Уның һәр ике яғындағы өсәр ян бүлмә, улар араһындағы диуарҙар һәм айуан беренсе ҡапҡаныҡы кеүек ине. Ҡапҡа диуарҙарының оҙонлоғо – илле, ә уларҙың араһы егерме биш терһәк булып, ундағы тәҙрәләр, айуан, хөрмә ағасы һүрәттәре көнсығышҡа ҡараған ҡапҡаныҡы кеүек ине; ҡапҡаға ете баҫҡыс алып менә, ә арғы башта айуан урынлашҡан. Төньяҡҡа ҡараған ҡапҡаның ҡаршыһында ла, көнсығышҡа ҡараған ҡапҡалағы кеүек, эске ихатаға илткән ҡапҡа бар. Ул был ике ҡапҡа араһын үлсәне – йөҙ терһәк булды. Был кеше мине көньяҡҡа табан алып барҙы. Унда көньяҡҡа ҡараған бер ҡапҡа күрҙем. Ул ҡапҡаның бағаналарын һәм айуанын үлсәне, улар ҙа башҡа ҡапҡаларҙыҡы һымаҡ ҙурлыҡта ине. Ҡапҡаның һәм айуандың диуарҙарында ла, башҡа ҡапҡаларҙағы һымаҡ, һәр яҡтан шундай уҡ тәҙрәләр бар; ҡапҡа диуарҙарының буйы – илле, ә уларҙың араһы егерме биш терһәк булып, уға ете баҫҡыс алып менә, ә арғы башта айуан урынлашҡан. Әлеге диуарҙар хөрмә ағасы һүрәттәре менән биҙәлгән. Эске ихатаның көньяғында ла ҡапҡа бар ине. Теге кеше шул ҡапҡанан көньяҡтағы тыш ҡапҡаға тиклем булған араны үлсәне – йөҙ терһәк булды. Ул мине көньяҡ ҡапҡанан эске ихатаға алып инде һәм көньяҡ ҡапҡаны үлсәне – ул да башҡа ҡапҡалар кеүек ине. Уның ян бүлмәләре, бүлмәләр араһындағы диуарҙары һәм айуаны башҡа ҡапҡаларҙыҡына оҡшаш, ҡапҡа диуарҙарында һәм айуанында һәр яҡлап тәҙрәләр бар. Ҡапҡа диуарҙарының оҙонлоғо – илле терһәк, ә уларҙың араһы – егерме биш терһәк. Эске ихаталағы һәр ҡапҡа айуанының киңлеге – егерме биш терһәк, ә оҙонлоғо биш терһәк ине. Әлеге ҡапҡаның айуаны тышҡы ихатаға ҡарай, бағаналарында хөрмә ағасы һүрәттәре бар; унда һигеҙ баҫҡыс алып менә. Шунан һуң ул мине көнсығыш ҡапҡа аша эске ихатаға алып инде һәм ҡапҡаны үлсәне, уныһы ла башҡа ҡапҡалар һымаҡ ине. Уның бүлмәләре, бүлмәләр араһындағы диуарҙары һәм айуаны башҡа ҡапҡаларҙыҡына оҡшаш, ҡапҡа диуарҙарында һәм айуанында һәр яҡлап тәҙрәләр бар. Ҡапҡа диуарҙарының оҙонлоғо – илле терһәк, ә уларҙың араһы – егерме биш терһәк. Әлеге ҡапҡаның айуаны тышҡы ихатаға ҡарай, яҡ-яғындағы бағаналарҙа хөрмә ағасы һүрәттәре бар, унда ла һигеҙ баҫҡыс күтәрелә. Шунан ул мине төньяҡ ҡапҡаға алып килде һәм уны үлсәне. Ул да башҡа ҡапҡалар һымаҡ ине. Уның ян бүлмәләре, бүлмәләр араһындағы диуарҙары, айуаны һәм яҡ-яҡтағы тәҙрәләре башҡа ҡапҡаларҙыҡына оҡшаш ине. Ҡапҡа диуарҙарының оҙонлоғо – илле терһәк, ә уларҙың араһы – егерме биш терһәк. Әлеге ҡапҡаның айуаны тышҡы ихатаға ҡарай, яҡ-яғындағы бағаналарҙа хөрмә ағасы һүрәттәре бар, унда ла һигеҙ баҫҡыс күтәрелә. Ҡапҡа айуанында ишекле бүлмә булып, унда тотош яндырыу ҡорбандарын йыуалар ине. Айуандың һәр ике яғында икешәр өҫтәл тора, уларҙа тотош яндырыу ҡорбаны, гонаһ ҡорбаны, ғәйеп ҡорбаны салалар. Ҡапҡа айуанының тышҡы яғында, төньяҡ ҡапҡаға ингән юлда, ике яҡлап икешәр өҫтәл ҡуйылған. Ҡапҡаның эсендә-тышында һәр яҡлап дүртешәр өҫтәл булып, ҡорбан салыу өсөн бөтәһе һигеҙ өҫтәл тора ине. Тотош яндырыу ҡорбаны өсөн шымартылған таштан буйы һәм иңе бер терһәк ярым, бейеклеге бер терһәк булған дүрт өҫтәл бар ине. Уларҙың өҫтөнә тотош яндырыу ҡорбаны һәм бүтән ҡорбандар салыу өсөн кәрәкле ҡорамалдар ҡуйыла ине. Диуарҙарға һәр яҡлап ус аяһы оҙонлоғондағы ырғаҡтар беркетелгән, ә өҫтәлдәрҙең өҫтөнә ҡорбан ите һалына ине. Эске ихатала эске ҡапҡа эргәһендә ике бүлмә бар ине. Уларҙың төньяҡ ҡапҡа янындағыһы – көньяҡҡа, ә көньяҡ ҡапҡа янындағыһы төньяҡҡа ҡарай ине. Теге кеше миңә: – Көньяҡҡа ҡараған бүлмә – ҡорамда хеҙмәт иткән ҡаһиндар өсөн; ә төньяҡҡа ҡарағаны ҡорбан усағы тирәһендә хеҙмәт иткән ҡаһиндар өсөн тәғәйенләнгән. Улар – Садоҡ улдары. Леви нәҫеленән тик улар ғына хеҙмәт итер өсөн Раббыға яҡынлаша ала, – тине. Ул эске ихатаны үлсәне: дүрт мөйөшлө булып, уның буйы – йөҙ, иңе йөҙ терһәк булды. Ҡорбан усағы иһә шунда, ҡорамдың ҡаршыһында урынлашҡайны. Шунан ул мине ҡорамдың айуанына алып инде һәм тышҡы диуарының бағаналарын үлсәне – улар ике яҡтан да бишәр терһәк ҡалынлыҡта булды. Ишек уйымы – ун дүрт терһәк, ә ян-яҡтағы диуарҙар өсәр терһәк ине. Айуандың киңлеге егерме терһәк булып, оҙонлоғо ун ике терһәк ине. Уға ун баҫҡыс буйлап күтәрелергә. Айуанға ингән ерҙә ике яҡтан да бағаналар янында берәр колонна тора ине. Бынан һуң ул кеше мине ҡорам залына алып инде һәм ингән ерҙәге диуарҙарҙы үлсәне – һәр ике яҡтан да уларҙың ҡалынлығы алты терһәк ине. Ишектең уйымы ун терһәк булып, һәр ике яғындағы диуарҙарҙың оҙонлоғо бишәр терһәк ине. Шунан ул залды үлсәне – уның оҙонлоғо ҡырҡ терһәк, киңлеге егерме терһәк булды. Шунан ул эске бүлмәгә үтте, ишек янындағы бағаналарҙы үлсәне – уларҙың ҡалынлығы ике терһәк ине. Ишектең уйымы алты терһәк булып, һәр ике яғындағы диуарҙарының оҙонлоғо ете терһәк ине. Унан оҙонлоғо һәм киңлеге ҡорам залы һымаҡ егерме терһәк булған эске бүлмәне үлсәне һәм миңә: – Был – Иң мөҡәддәс урын, – тине. Ҡорамдың диуарын үлсәне, ҡалынлығы алты терһәк ине. Ҡорам тирәләй урынлашҡан бүлмәләрҙең киңлеге дүртешәр терһәк булды. Ян бүлмәләр береһе өҫтөндә береһе өсәр рәт урынлашып, һәр рәттә утыҙар бүлмә ине. Ҡорам диуары буйлап яһалған сығынтылар ян бүлмәләргә терәк булараҡ хеҙмәт итә; шулай итеп, бүлмәләр ҡорам диуарына терәлеп тормай ине. Һәр рәттәге ян бүлмәләр аҫҡыһынан киңерәк итеп эшләнгән. Ҡорамды әйләндереп алған әлеге бүлмәләр өҫкә табан киңәйә бара. Баҫҡыс буйлап түбәнге ҡаттан урталағы ҡатҡа, унан өҫкө ҡатҡа менергә. Мин ҡорам нигеҙенең күтәртеберәк эшләнгәнен һәм ян бүлмәләр өсөн нигеҙ булып торғанын күрҙем. Нигеҙҙең бейеклеге бер таяҡ, йәғни алты тулы терһәк тәшкил итә ине. Ян бүлмәләрҙән ул асыҡ урынға сыҡҡан ишектәре икәү: береһе – көньяҡтан, икенсеһе – төньяҡтан. Уларҙы әйләндереп алған сығынҡы өлөшө биш терһәк киңлектә ине. Ҡорамдың көнбайышындағы асыҡ урынға ҡараған бер бина бар ине. Уның киңлеге – етмеш, оҙонлоғо – туҡһан, ә диуарҙарының ҡалынлығы биш терһәк ине. Артабан ул ҡорамдың оҙонлоғон үлсәне – йөҙ терһәк булды. Көнбайыштағы асыҡ урын менән бинаның оҙонлоғо ла – диуарҙары менән бергә – шулай уҡ йөҙ терһәк ине. Ҡорамдың көнсығышҡа ҡараған алғы яғы, шундағы асыҡ урынды ла индереп, йөҙ терһәк киңлектә ине. Ул кеше ҡорам артындағы асыҡ урынға ҡараған бинаны үлсәне. Әлеге бинаның оҙонлоғо йөҙ терһәк булды; уның ике яҡтан галереялары бар ине. Ҡорамдың эске өлөшө, ихатаға сыға торған айуан, Бер яҡтағы хөрмәгә ҡараған йөҙө – кешенеке, ә икенсе яҡтағы хөрмәгә ҡарағаны – арыҫлан йөҙө. Ҡорам тотош шулай биҙәлгәйне. Кируб һәм хөрмә ағасы һүрәттәре диуарҙарҙы шулай иҙәндән алып ишек өҫтөнә тиклем биҙәп тора ине. Ҡорам залының ишек яңаҡтары дүрткел булып, Иң мөҡәддәс урындыҡы ла нәҡ шулай ине. Бейеклеге өс терһәк, оҙонлоғо ике терһәк булған ҡорбан усағы – уның мөгөҙҙәре, нигеҙе, ян яҡтары – ағастан эшләнгән. Теге кеше миңә: – Был – Раббы хозурындағы өҫтәл, – тине. Ҡорам залына һәм Иң мөҡәддәс урынға инә торған ишектәр ике яҡҡа асмалы ине. Һәр ишек ике яҡҡа асмалы, һәр ишектә – күгәнгә эленгән ике ҡапҡас. Диуарҙарҙағы кеүек үк, ҡорам залының ишектәре лә кирубтар һәм хөрмә ағасы һүрәттәре менән ырып биҙәлгән. Айуан алдында тышҡы яҡтан ағас рәшәткә-кәртә бар. Айуандың ян-яҡтарында рәшәткәле тәҙрәләр яһалған, диуарҙарының һәр ике яғы хөрмә ағасы һүрәттәре менән ырып биҙәлгән, шулай ук ҡорамдың ян бүлмәләре алдында ла рәшәткә-кәртәләр бар ине. Теге кеше мине, төньяҡтағы юл менән тышҡы ихатаға алып сығып, асыҡ урынға һәм бина ҡаршыһында, уларҙан төньяҡта урынлашҡан бүлмәләргә алып килде. Был бүлмәләр урынлашҡан бинаның ишеге төньяҡҡа ҡарай һәм оҙонлоғо – йөҙ терһәк, киңлеге илле терһәк ине. Бина бер яғы менән – эске ихатаның иңе егерме терһәк булған асыҡ урынына, икенсе яғы менән ҡорамдың тышҡы ихатаһының таш юлына ҡарап тора ине. Ул өс ҡатлы ине һәм галереялар береһе өҫтөнә береһе урынлашҡайны. Бүлмәләр алдында эске яҡтан инеү юлы бар; уның киңлеге – ун терһәк, ә оҙонлоғо – йөҙ терһәк; бүлмәләрҙең ишектәре төньяҡҡа ҡарай. Өҫкө ҡаттағы бүлмәләр түбәнге һәм урталағы ҡаттағыға ҡарағанда тарыраҡ, сөнки улар алдындағы коридорҙар түбәнге һәм урта бүлмәләрҙекенә ҡарағанда киңерәк урын алып тора. Өсөнсө ҡаттағы бүлмәләрҙең, ихаталағы һымаҡ, бағаналары юҡ, шуға күрә уларҙың иҙәне түбәнге һәм урта ҡаттағы бүлмәләрҙекенән аҙыраҡ урын алып тора. Был бүлмәләргә һәм тышҡы ихатаға параллель бер тышҡы диуар бар ине. Уның оҙонлоғо – илле терһәк. Шулай итеп, тышҡы ихата буйындағы бүлмәләрҙең оҙонлоғо илле терһәк кенә булып, ҡорамға ҡараған бүлмәләрҙеке йөҙ терһәк ине. Был бүлмәләргә аҫтан, тышҡы ихатанан, инер өсөн көнсығыш яҡта инеү урыны бар. Көньяҡта, тышҡы ихата диуарының буйынан-буйына, бина менән асыҡ урын эргәһендә бүлмәләр урынлашҡан, улар алдында ла инә торған юл бар. Бүлмәләрҙең оҙонлоғо, киңлеге, сығыр юлдары, урынлашыу тәртибе лә, ишектәре лә төньяҡтағы бүлмәләргә оҡшаған ине. Көньяҡтағы бүлмәләргә көнсығыштан, һаҡлаусы диуарға параллель булған инеү юлының башында урынлашҡан ҡапҡанан үтергә кәрәк. Шунан һуң ул кеше миңә: – Асыҡ урын ҡаршыһындағы төньяҡ һәм көньяҡ бүлмәләр – изге бүлмәләр, – тине. – Раббы хозурында хеҙмәт иткән ҡаһиндар ҡорбан итеп килтерелгән иң изге ризыҡтарҙы шунда ашарҙар. Иң изге ҡорбандарҙы: икмәк саҙаҡаһын, гонаһ һәм ғәйеп ҡорбандарын – шунда ҡуясаҡтар, сөнки был урын изге. Ҡаһиндар тышҡы ихатаға сыҡҡан саҡта Изге урында ғибәҙәт ҡылғанда кейгән кейемдәрен сисергә тейеш, сөнки был кейемдәр изге. Халыҡҡа торорға рөхсәт ителгән урынға сыҡҡанға тиклем улар башҡа кейем кейергә тейеш. Ҡорам биләмәһенең эске яғын үлсәп бөтөргәс, ул мине көнсығышҡа ҡараған ҡапҡанан алып сығып, ҡорам биләмәһен тышҡы яҡтан үлсәй башланы. Көнсығыш яғын үлсәү таяғы менән үлсәне, бөтәһе биш йөҙ терһәк ине. Төньяҡтан үлсәне: барлығы биш йөҙ терһәк булды. Көньяҡтан үлсәне: биш йөҙ терһәк булды. Шунан көнбайышҡа ҡараған яҡҡа боролдо һәм таяғы менән уны үлсәне, биш йөҙ терһәк булды. Шул рәүешле, ул ҡорам биләмәһен һәр дүрт яҡтан үлсәп сыҡты. Изге урынды изге булмаған урындан айырыу өсөн ихата тирәләй буйы һәм иңе бишәр йөҙ терһәк булған диуар ҡоролғайны. Теге кеше мине көнсығышҡа ҡараған ҡапҡа янына алып килде. Ҡараһам, көнсығыш яҡтан Исраил Аллаһының шөһрәте килә. Уның килеүенең тауышы ташҡын һыуҙарҙың шаулауы кеүек ине. Ер йөҙө Уның шөһрәтенән балҡып китте. Был күренмеш Алла ҡаланы һәләк итергә килгән ваҡытта һәм Кевар йылғаһы буйында иңгән күренмештәргә оҡшаш ине. Мин йөҙтүбән ергә ҡапландым. Раббының шөһрәте көнсығыш ҡапҡа аша ҡорамға инде. Рух мине, аяҡҡа баҫтырып, эске ихатаға алып керҙе. Бына Раббының шөһрәте ҡорамды тултырҙы. Теге кеше янымда тора ине, шул саҡ ҡорам эсенән үҙемә өндәшкәнде ишеттем. Ул миңә былай тине: – Эй әҙәм улы, был – Минең тәхетемдең урыны, аяҡ табандарым тейгән, халҡым Исраил араһында Мин мәңге йәшәйәсәк урын. Бынан ары Исраил халҡы – улар үҙҙәре лә, батшалары ла – фәхешлектәре һәм батшаларҙы ерләү йолаһы менән Минең изге исемемде нәжесләмәҫ. Улар, Минең менән үҙҙәре араһында бер генә диуар ҡалдырып, тупһаларын – Минең тупһама, ишек яңаҡтарын Минең ишек яңаҡтарына терәп ҡуйҙылар, ерәнгес ҡылыҡтары менән Минең изге исемемде нәжесләнеләр. Шуға күрә Мин, асыуым ҡабарып, уларҙы һәләк иттем. Ә хәҙер улар аҙғынлыҡтарын, батшаларының мәйеттәрен Минең күҙ алдымдан алып китһен – шул саҡта Мин улар араһында мәңге йәшәрмен. Эй әҙәм улы, һин, барып, Исраил халҡына был ҡорамды тасуирлап бир, улар ҡорамдың һыҙмаһы менән танышһындар. Ҡылған гонаһтарынан оялһындар. Әгәр ҡылған ғәмәлдәренән оялһалар, уларға ҡорамдың күренешен, урынлашыуын, инеү-сығыу урындарын, бөтә рәүешен, ҡағиҙә-ҡанундарын аңлатып бир. Уларҙың күҙ алдында бер урынға яҙ, уның бөтә рәүеш-күренешен, ҡағиҙәләрен һаҡлаһындар һәм шулар буйынса эш итһендәр. Бына ҡорамға ҡағылышлы ҡанун: тау түбәһе һәм тирә-яҡтағы бөтә урын – изгеләрҙән изге буласаҡ. Ҡорамдың ҡануны бына шул! Терһәк менән үлсәгәндә (уның оҙонлоғо ғәҙәти терһәк һәм бер ус аяһынан ғибәрәт) ҡорбан усағының ҙурлығы былай: улағының тәрәнлеге һәм киңлеге – бер терһәк; ситтәре буйлап бер ҡарыш киңлектәге ҡыҫаһы бар. Ҡорбан усағының бейеклеге иһә түбәндәгесә: усаҡтың ерҙәге улағынан алып аҫҡы һикәлтәһенә тиклем – ике терһәк, ә һикәлтәнең киңлеге – бер терһәк, аҫҡы һикәлтәнән алып өҫкө һикәлтәгә тиклем – дүрт терһәк, өҫкө һикәлтәнең иңе – бер терһәк. Усаҡтың ҡорбан яғылған өҫкө бүлеменең бейеклеге – дүрт терһәк, дүрт мөйөшөнән дүрт мөгөҙ ҡалҡып тора. Ҡорбан усағының өҫкө өлөшө дүрт мөйөшлө булып, уның иңе-буйы – ун икешәр терһәк. Ҡорбан усағының өҫкө һикәлтәһе лә дүрт мөйөшлө: уның оҙонлоғо һәм киңлеге – ун дүртәр терһәк; ҡыҫаһының киңлеге – ярты терһәк, ә улағының тәрәнлеге – бер терһәк. Ҡорбан усағына менә торған баҫҡыс – көнсығыш яҡтан. Теге кеше миңә әйтте: – Эй әҙәм улы, Раббы Хаким былай ти: «Ҡорбан усағын яһағандан һуң, унда тотош яндырыу ҡорбаны килтереү һәм ҡан һирпеү ҡағиҙәләре бына былай: Минең хозурымда фәҡәт Садоҡ тоҡомонан булған леви ҡаһиндары ғына хеҙмәт итер. Һин уларға гонаһ ҡорбаны өсөн бер үгеҙ башмаҡ бир, – тип белдерә Раббы Хаким. – Башмаҡтың бер аҙ ҡанын алып, ҡорбан усағының дүрт мөгөҙөнә, һикәлтәһенең дүрт мөйөшөнә, өҫкө һикәлтәнең дүрт мөйөшөнә, ҡорбан усағын уратып алған ҡыҫаға һөртөп сыҡ һәм шул рәүешле ҡорбан усағын таҙарт һәм пак ҡыл. Гонаһ ҡорбаны өсөн тәғәйенләнгән башмаҡты ал да ҡорам ихатаһынан тышта, билдәле бер ерҙә, изге урындан ситтә яндыр. Икенсе көндө гонаһ ҡорбаны булараҡ кәмселекһеҙ кәзә тәкәһе килтер. Ҡорбан усағын үгеҙ башмаҡ ҡаны менән нисек таҙартҡан булһаң, тәкәнең ҡаны менән дә шулай таҙарт. Таҙартҡандан һуң, эре мал көтөүенән кәмселекһеҙ бер үгеҙ башмаҡ һәм ваҡ малдан бер һарыҡ тәкәһе килтер. Уларҙы Раббы хозурына килтер. Ҡаһиндар, уларға тоҙ һибеп, Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны булараҡ тәҡдим итһен. Ете көн буйы көн дә гонаһ ҡорбаны булараҡ бер кәзә тәкәһе килтер. Шулай уҡ эре мал көтөүенән берәр үгеҙ башмаҡ һәм һарыҡ көтөүенән берәр һарыҡ тәкәһе алып кил. Уларҙың барыһы ла кәмселекһеҙ булһын. Ете көн буйы ҡаһиндар ҡорбан усағын паклаһын һәм таҙартып бағышлаһын. Ете көн үткәндән һуң, һигеҙенсе һәм артабанғы көндәрҙә, ҡаһиндар ҡорбан усағында тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандарығыҙҙы тәҡдим итер. Шул саҡ Мин һеҙҙән ҡәнәғәт буласаҡмын», – тип белдерә Раббы Хаким. Шунан һуң теге кеше мине Изге торлаҡтың көнсығыш яғындағы тышҡы ҡапҡаға алып килде. Ҡапҡа ябыҡ ине. Раббы миңә: – Был ҡапҡа һәр ваҡыт ябыҡ торасаҡ, асылмаясаҡ. Бынан бер кем дә инмәйәсәк, – тине, – сөнки унан Раббы, Исраил Аллаһы, инде. Шуға күрә ул ябыҡ торасаҡ. Бары тик хаким – хаким булған өсөн генә – шул ҡапҡа бинаһының эсендә Раббы хозурында ултырып икмәк ашар; ул ҡапҡа айуаны аша инер һәм шул уҡ юлдан кире сығыр. Шунан ул кеше мине төньяҡ ҡапҡа аша ҡорам алдына алып барҙы. Ҡараһам, Раббының шөһрәте ҡорамды тултырғанын күрҙем! Мин йөҙтүбән ергә ҡапландым. Раббы миңә былай тине: – Эй әҙәм улы, Раббы ҡорамының барлыҡ ҡағиҙәләре һәм ҡанундары тураһында һөйләгәндәремә күңел һал, күҙең менән күр, ҡолағың менән ишет. Кемгә Изге торлаҡҡа инергә мөмкин, кемгә инергә мөмкин булмағанын яҡшылап хәтереңдә ҡалдыр. Фетнәсел Исраил халҡына әйт, Раббы Хаким былай ти: «Эй Исраил халҡы! Етер һеҙгә әшәкелектәр ҡылырға! Минең ризығымды – эс майын һәм ҡан килтергән ваҡытта Изге торлағыма йөрәге һәм тәне сөннәтләнмәгән сит халыҡтарҙы индереп, ҡорамымды нәжесләнегеҙ! Ерәнгес эштәрегеҙ менән килешеүемде боҙҙоғоҙ. Минең мөҡәддәс әйберҙәрем янында вазифағыҙҙы тейешенсә үтәмәнегеҙ, Изге торлағымда хеҙмәт итеүҙе сит халыҡтарға йөкмәтеп ҡуйҙығыҙ». Раббы Хаким былай ти: «Йөрәге һәм тәне сөннәтләнмәгән сит халыҡтарҙан береһе лә, хатта улар Исраил халҡы араһында йәшәһә лә, Изге торлағыма инмәһен». Исраил Минән ситләшкән замандарҙа Минән йыраҡлашҡан, Мине ташлап, боттарына эйәргән левиҙәр гонаһтары өсөн тейешле яза аласаҡ. Улар Изге торлағымда хеҙмәт итәсәк: ҡорамымдың ҡапҡалары төбөндә һаҡсы булырҙар, ҡорамдағы эштәрҙе башҡарырҙар, халыҡ өсөн тотош яндырыу һәм башҡа ҡорбан итеп килтерелгән малдарҙы салырҙар, халыҡтың ҡаршыһында тороп, уларға хеҙмәт күрһәтерҙәр. Әммә улар, боттарға табынған Исраил нәҫеленә хеҙмәт итеп, халыҡты гонаһҡа батырған өсөн, Мин ҡулымды күтәреп ант итәм, – тип белдерә Раббы Хаким, – улар гонаһтары өсөн тейешле яза аласаҡ. – Ҡаһин булараҡ хеҙмәт итер өсөн улар Миңә яҡынлашмаясаҡ, мөҡәддәс әйберҙәремә, иң мөҡәддәс ҡорбандарыма ҡағылмаясаҡ – ҡылған әшәкелектәре өсөн хурлыҡҡа ҡалһындар. Мин уларға ҡорамды һаҡлауҙы һәм ундағы бөтә эштәрҙе йөкмәтәм. Исраил Мине ташлап юлдан яҙған заманда Минең Изге торлағымда тоғро хеҙмәт иткән Садоҡ нәҫеленән булған леви ҡаһиндары хеҙмәт итер өсөн Минең хозурыма килһендәр. Ҡорбан малының эс майын һәм ҡанын Миңә һоноу өсөн ҡаршымда улар баҫып торор, – тип белдерә Раббы Хаким. – Минең Изге торлағыма бары улар ғына инер, Миңә хеҙмәт итер һәм эштәремде башҡарыр өсөн өҫтәлемә бары улар ғына яҡынлашыр. Эске ихатаның ҡапҡаһынан ингән ваҡытта ҡаһиндар етен кейем кейгән булыр. Эске ихатаның ҡапҡаһынан эстә һәм ҡорам эсендә хеҙмәт иткәндә уларҙың өҫтөндә бер ниндәй ҙә йөн кейем булмаҫҡа тейеш. Баштарындағы сәлләләре лә етен булһын, тәндәренә тейеп торған эске кейемдәре лә етен булырға тейеш. Тирләтә торған кейем кеймәһендәр. Ә тышҡы ихатаға халыҡ янына сығыр алдынан, хеҙмәт иткәндәге кейемдәрен сисеп, изге бүлмәләрҙә ҡалдырһындар һәм башҡа кейем кейһендәр, сөнки изге кейемдәре менән халыҡҡа ҡағылырға тейеш түгелдәр. Ҡаһиндар баштарын ҡырмаһын, сәстәрен оҙон итеп тә үҫтермәһен, ҡырҡып тигеҙләп торһондар. Эске ихатаға керергә кәрәк булғанда бер ҡаһин да шарап эсмәһен. Ҡаһиндар тол ҡатынға ла, иренән айырылған ҡатынға ла өйләнмәһен. Уларға Исраил тоҡомонан булған ғиффәтле ҡыҙҙы йәки башҡа бер ҡаһиндан тол ҡалған ҡатынды ғына алырға мөмкин. Улар халҡыма мөҡәддәс һәм ғәҙәти нәмә араһындағы айырманы, пак менән нәжесте айырырға өйрәтер. Улар дәғүәләрҙе хәл итергә, ҡанундарыма таянып хөкөм сығарырға, Мин билдәләгән байрамдар тураһында ҡанун һәм ҡағиҙәләремде үтәргә, шәмбеләремде изге итеп һаҡларға тейештәр. Ҡаһин, мәйет янына барып, үҙен нәжесләмәһен. Вафат булған кеше ҡаһиндың атаһы, әсәһе, улы йәки ҡыҙы, ағаһы йә энеһе, тормошҡа сыҡмаған апаһы йә һеңлеһе булһа ғына, ҡаһинға үҙен нәжесләргә мөмкин. Бынан һуң ул, таҙарыныу йолаһын башҡарып, ете көн көтөргә тейеш. Изге торлаҡта хеҙмәт итер өсөн эске ихатаға ингәндә, ул үҙе өсөн бер гонаһ ҡорбаны килтерһен, – тип белдерә Раббы Хаким. – Ҡаһиндарға Исраил халҡы араһында бер ниндәй ҙә биләмә бирмәгеҙ. Уларҙың биләмәһе һәм өлөшө – Мин Үҙем. Икмәк саҙаҡаһы, гонаһ һәм ғәйеп ҡорбандары – уларҙың ризығы. Исраил ерендә Раббыға бағышланған бөтә нәмә уларҙыҡы булыр. Тәүге уңыштың иң яҡшы емеше һәм башҡа төрлө саҙаҡалар ҙа ҡаһиндарҙыҡы булыр. Тәүге уңышығыҙҙың ононан бешерелгән икмәкте ҡаһинға бирегеҙ, шунда йортоғоҙҙа бәрәкәт артып торор. Ҡаһиндарға үҙе үлгән йәки ҡырағай йәнлек ботарлаған ҡош һәм хайуандың үләкһәһен ашарға ярамай. Йәрәбә буйынса ерҙе биләмәләргә бүлгән саҡта, Раббыға саҙаҡа рәүешендә ерҙән өлөш итеп оҙонлоғо егерме биш мең, киңлеге егерме мең терһәк булған изге бер биләмә бүлеп бирегеҙ. Был биләмә тулыһынса изге һаналһын. Шул ерҙән Изге торлаҡ өсөн оҙонлоғо менән киңлеге биш йөҙ терһәк булған бер дүрткел урын бүлеп алынһын, уның тирә-яғында илле терһәккә тиң буш ер ҡалдырылһын. Был бүлемдән оҙонлоғо егерме биш мең терһәк, киңлеге ун мең терһәк үлсәп алынһын. Изге торлаҡ – иң мөҡәддәс урын – ошонда буласаҡ. Был илдең мөҡәддәс өлөшө булыр. Был ер Изге торлаҡта Раббы хозурында хеҙмәт иткән ҡаһиндарҙыҡы булыр. Ҡаһиндарҙың өйҙәре лә, Изге торлаҡ өсөн мөҡәддәс урын да ошонда булыр. Ҡорамда хеҙмәт иткән левиҙәргә милек итеп егерме биш мең терһәк оҙонлоҡта һәм ун мең терһәк киңлектә ер бирелер. Был ерҙәр улар йәшәйәсәк ҡалалар өсөн бирелһен. Раббыға тәғәйенләнгән изге ерҙең ҡаршыһында оҙонлоғо – егерме биш мең, киңлеге биш мең терһәк ерҙе ҡала өсөн ҡалдырығыҙ, ул бөтә Исраил халҡы өсөн буласаҡ. Изге биләмәгә төшкән өлөш менән ҡалаға төшкән өлөштөң ике яғындағы ерҙәр хакимға бирелһен. Был ерҙәр көнбайыштан – көнбайышҡа, көнсығыштан көнсығышҡа табан һуҙылыр һәм көнбайыш сиктән көнсығыш сиккә тиклем оҙонлоғо бер Исраил ырыуына төшкән биләмә тиклем булыр. Был ер Исраил иле хакимының биләмәһе булыр. Бынан ары хакимдарым Минең халҡыма золом ҡылмаҫ, Исраилдағы ырыуҙарға ҡалған ерҙе бүлеп бирер. Раббы Хаким былай ти: «Етер һеҙгә, Исраил хакимдары! Яуызлыҡ ҡылыуҙы һәм иҙеүҙе ташлағыҙ, ғәҙел хөкөм һәм хаҡлыҡ ҡылығыҙ. Халҡымды үҙ тупраҡтарынан ҡыҫырыҡлап сығарыуҙан туҡтағыҙ, – тип белдерә Раббы Хаким. – Дөрөҫ үлсәүҙәр менән үлсәгеҙ. Ҡулланған эфа ла, бат та дөрөҫ булһын. Эфа менән бат бер үк үлсәмдә булһын. Бат – бер хомерҙың ундан бер өлөшөн, эфа ла хомерҙың ундан бер өлөшөн тәшкил итһен. Икеһенең дә үлсәме хомерға ҡарата булһын. Бер шекел егерме гераға бәрәбәр булһын. Егерме шекел, егерме биш шекел, ун биш шекел йәмғеһе бер мина тәшкил итергә тейеш. Бына һеҙ килтерергә тейешле саҙаҡа: һәр хомер бойҙайҙан – эфаның алтынан бер өлөшө тиклем бойҙай, һәр хомер арпанан эфаның алтынан бер өлөшө тиклем арпа бирегеҙ. Зәйтүн майына килгәндә: һәр кор зәйтүн майынан баттың ундан бер өлөшөн бирегеҙ. Бер кор, хомер кеүек үк, ун бат тәшкил итә. Исраилдың мул һыулы утлауҙарындағы көтөүҙән ике йөҙ һарыҡтан бер һарыҡ алыныр. Халыҡты гонаһтарынан паклар өсөн уларҙы тотош яндырыу ҡорбаны, икмәк саҙаҡаһы һәм татыулыҡ ҡорбаны итеп килтерегеҙ, – тип белдерә Раббы Хаким. – Илдең барлыҡ халҡы был саҙаҡаны Исраил хакимына килтерергә тейеш. Ә хакимдың бурысы – Яңы ай байрамдарында, шәмбе көндәрендә, Исраил халҡының бөтә байрамдарында тотош яндырыу ҡорбандары, икмәк саҙаҡалары һәм түкмә ҡорбандар менән тәьмин итеү. Исраил халҡын гонаһтарынан паклау өсөн килтерелгән гонаһ ҡорбаны, икмәк саҙаҡаһы, тотош яндырыу ҡорбаны һәм татыулыҡ ҡорбаны менән тәьмин итеү – хакимдың эше». Раббы Хаким былай ти: «Беренсе айҙың беренсе көнөндә, кәмселекһеҙ бер үгеҙ башмаҡ ҡорбан итеп, Изге торлаҡты пакла. Ҡаһин, гонаһ ҡорбанының ҡанынан алып, ҡорамдың ишек яңаҡтарына, ҡорбан усағының сығып торған өлөшөнөң дүрт мөйөшөнә, эске ихатаның ҡапҡа бағаналарына һөртһөн. Яңылышлыҡ менән йәки белмәйенсә гонаһ ҡылғандар өсөн ай һайын, айҙың етенсе көнөндә лә шулай эшлә. Ҡорамды шулай паклаясаҡһығыҙ. Беренсе айҙың ун дүртенсе көнөндә һеҙҙең Ҡотҡарылыу байрамы булыр. Уны ете көн байрам итегеҙ, ошо ваҡыт дауамында сөсө икмәк ашағыҙ. Ул көндө хаким, үҙе һәм ил халҡы өсөн гонаһ ҡорбаны итеп, үгеҙ башмаҡ килтерһен. Байрам ваҡытында ете көн буйы ул һәр көн, Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны булараҡ, кәмселекһеҙ ете үгеҙ башмаҡ менән ете һарыҡ тәкәһе, гонаһ ҡорбаны булараҡ, бер кәзә тәкәһе килтерһен. Икмәк саҙаҡаһы итеп, ул һәр үгеҙ башмаҡ һәм һарыҡ тәкәһе менән бергә берәр эфа ашлыҡ, һәр эфа өсөн бер һин зәйтүн майы килтерһен. Етенсе айҙың ун бишенсе көнөндә башланған һәм ете көн барған байрамда хаким гонаһ һәм тотош яндырыу ҡорбандарын, икмәк саҙаҡаһын һәм зәйтүн майын көн һайын килтереп торһон». Раббы Хаким былай ти: «Эске ихатаның көнсығыш ҡапҡаһы – алты эш көнөндә ябыҡ, шәмбе көндәрендә һәм Яңы ай байрамдарында асыҡ булырға тейеш. Хаким тышҡы ихата яғынан, ҡапҡа айуанынан инер ҙә ҡапҡа бағанаһы янына баҫыр. Ҡаһиндар уның тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандарын тәҡдим итер. Хаким, ҡапҡа тупһаһында тороп, Раббыға сәждә ҡылыр, шунан килгән юлынан сығып китер. Ә ҡапҡа кискә тиклем ябылмаһын. Һәр шәмбе көнөндә һәм Яңы ай байрамдарында ил халҡы, ошо ҡапҡа алдында тороп, Раббыға сәждә ҡылһын. Шәмбе көндө, хаким Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны итеп, кәмселекһеҙ алты һарыҡ бәрәсе һәм бер һарыҡ тәкәһе килтерергә тейеш. Хаким тәкә менән бергә бер эфа он, ә бәрәстәр менән күпме теләй шул тиклем он алып килер. Һәр эфа икмәк саҙаҡаһы менән бергә бер һин зәйтүн майы бирелергә тейеш. Яңы ай байрамында кәмселекһеҙ үгеҙ башмаҡ, кәмселекһеҙ алты һарыҡ бәрәсе һәм бер һарыҡ тәкәһе килтерһен. Башмаҡ һәм тәкә менән бергә, икмәк саҙаҡаһы итеп, берәр эфа он, ә бәрәстәр менән бергә үҙе теләгән күләмдә он бирһен. Һәр эфа он менән бергә бер һин зәйтүн майы бирелергә тейеш. Хаким эскә ингәндә ҡапҡа айуаны аша керер һәм шул уҡ юлдан кире сығыр. Ил халҡы байрамдарҙа Раббы хозурына сәждә ҡылыр өсөн килгәндә, төньяҡ ҡапҡанан ингәндәре – көньяҡ ҡапҡанан, көньяҡ ҡапҡанан ингәндәре төньяҡ ҡапҡанан сығыр. Һис кем ингән ҡапҡаһынан сығырға тейеш түгел, ә ҡаршы яҡ ҡапҡанан сыҡһындар. Хаким халыҡ араһында булһын. Халыҡ менән бергә инһен һәм халыҡ менән бергә сыҡһын. Байрамдарҙа һәм билдәләнгән тантаналарҙа бер башмаҡ һәм бер тәкә менән бергә – берәр эфа, ә бәрәстәр менән бергә теләгән тиклем икмәк саҙаҡаһы килтерелһен. Һәр эфа икмәк саҙаҡаһы менән бергә бер һин зәйтүн майы бирелһен. Хаким Раббыға үҙ ихтыяры менән тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандары бирергә теләһә, уға көнсығыштағы ҡапҡаны асырға тейештәр. Тотош яндырыу ҡорбанын һәм татыулыҡ ҡорбанын ул шәмбе көнөндәге кеүек тәҡдим итер. Шунан һуң хаким сығып китер һәм, ул сыҡҡандан һуң, ҡапҡаны бикләрҙәр. Һәр көн, Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны итеп, кәмселекһеҙ бер йәшлек һарыҡ бәрәсе килтер, һәр көн иртән, килтер уны. Уның менән бергә һәр көн иртән, икмәк саҙаҡаһы булараҡ, эфаның алтынан бер өлөшөн тәшкил иткән он һәм онға бутау өсөн һиндың өстән бер өлөшөн тәшкил иткән зәйтүн майы килтер. Раббыға икмәк саҙаҡаһы килтереү тураһында мәңгелек ҡағиҙә бына шундай. Һәр көн иртән, тотош яндырыу ҡорбаны итеп, һарыҡ бәрәсе, икмәк саҙаҡаһы һәм зәйтүн майы килтерелергә тейеш». Раббы Хаким былай ти: «Әгәр ҙә хаким улдарының береһенә үҙенең мөлкәтенән биләмәгә ер бүләк итһә, был ер улының улдарына ла мираҫ булып ҡалырға тейеш. Был мөлкәт уларҙың мираҫы буласаҡ. Әгәр хаким хеҙмәтселәренең береһенә үҙенең мөлкәтенән биләмәгә ер бүләк итһә, был биләмә азатлыҡ йылына тиклем генә хеҙмәтсенеке буласаҡ, артабан хакимдың үҙенә кире ҡайтарыласаҡ. Хакимдың ерҙәре бары тик улдарына ғына күсә, уларҙыҡы ғына була ала. Хаким, халыҡты биләмәләренән ҡыуып сығарып, уларҙың ерҙәрен үҙенә ала алмай. Улдарына бары тик үҙенең биләмәһен генә мираҫ итеп бирә ала. Халҡымдан бер кем дә үҙ биләмәһенән ҡыуып сығарылырға тейеш түгел». Шунан һуң теге кеше мине ҡапҡа эргәһендәге инеү урынынан ҡаһиндарға тәғәйенләнгән изге бүлмәләргә алып килде. Улар төньяҡҡа ҡарап тора ине. Был бүлмәләрҙән һуң көнбайышта бер урын бар ине. Ул миңә: – Был – ҡаһиндарҙың ғәйеп ҡорбаны һәм гонаһ ҡорбаны иттәрен, икмәк саҙаҡаларын бешерә торған урын, – тине. – Кешеләр был изге ризыҡҡа теймәһен өсөн, ул тышҡы ихатаға сығарылырға тейеш түгел. Шунан ул мине тышҡы ихатаға алып сыҡты, ихатаның дүрт мөйөшөнә лә йөрөтөп күрһәтте. Һәр бер мөйөшөндә бәләкәсерәк ихата бар ине. Тышҡы ихатаның дүрт мөйөшөндә ҡырҡ терһәк оҙонлоғонда, утыҙ терһәк киңлегендә ҡоймаланған ихаталар бар, һәм барыһы ла бер үк үлсәмдә ине. Дүрт ихатаны ла таш диуар уратҡан, диуарҙың эргәһендә ашарға бешерә торған урындар бар ине. Ул кеше миңә: – Былар – ҡорамда хеҙмәт итеүселәр халыҡ килтергән ҡорбан иттәрен бешерә торған йорттар, – тине. Унан теге кеше мине яңынан ҡорамға инә торған урынға алып килде. Ҡараһам, ҡорамдың тупһаһы аҫтынан көнсығышҡа табан, ҡорам ҡараған яҡҡа, бер шишмә ағып сыға. Һыу, ҡорамдың уң яғынан, аҫтан ағып сығып, ҡорбан усағының көньяғынан үтә ине. Теге кеше мине төньяҡ ҡапҡаһы аша сығарҙы ла тышҡы яҡлап көнсығышҡа ҡарап торған тыш ҡапҡаһына алып килде. Ә һыу ҡапҡаның көньяғынан аға ине. Был кеше, ҡулына үлсәй торған бау тотоп, көнсығышҡа табан атланы. Мең терһәк үлсәне лә мине һыу аша алып сыҡты. Һыу шайтанашыҡ тәңгәленән ине. Йәнә мең терһәк үлсәне лә мине һыу аша алып сыҡты. Һыу тубыҡҡа тиклем ине. Мең терһәк үлсәне лә һыу аша алып сыҡты. Һыу бил тәңгәленән ине. Йәнә меңде үлсәне. Бында инде мин үтә алмаҫлыҡ ағын ине. Һыу шул тиклем тәрәнәйҙе, кеше йөҙөрлөк булды, был ағымды кисеп сығырлыҡ түгел ине. Ул кеше минән: – Әҙәм улы, күрәһеңме быны? – тип һораны. Шунан мине ҡабат йылғаның ярына алып килде. Унда барғас, йылғаның ике ярында ла бик күп ағастар күрҙем. Ул кеше миңә былай тине: – Был һыу көнсығыштағы ерҙәргә табан аға, унан Ғарава тигеҙлегенә төшә һәм Тоҙло диңгеҙгә ҡоя. Ул ҡушылғас, диңгеҙ һыуы сөсөгә әйләнә. Был ағым ҡушылған урындарҙа һәр төрлө йән эйәләре ҡайнашыр, балыҡ бик күп булыр, сөнки йылға һыуы тоҙло һыуҙарҙы сөсөләндерер: был йылға аҡҡан һәр ерҙә тормош ҡайнап торор. Ғейн-Гедиҙән алып Ғейн-Ғеглаимға тиклем яр буйында балыҡсылар торор, улар ауҙарын йәйеп киптерер. Төрлө балыҡтар Бөйөк диңгеҙҙәге кеүек үк бик күп булыр. Әммә һаҙлыҡтар һәм батҡыл урындар сөсөләнмәҫ, улар тоҙ сығарыу өсөн ҡалыр. Йылғаның ике ярында ла һәр төрлө емеш ағастары үҫер. Изге торлаҡтан ағып сыҡҡан һыу һуғарғанға күрә, уларҙың япраҡтары бер ваҡытта ла һулымаҫ, емештәре бөтмәҫ, ай һайын яңылары өлгөрөр. Емештәре ашарға, ә япраҡтары дауаға ҡулланылыр. Раббы Хаким былай ти: – Бына ошо сиктәр буйынса һеҙ ерҙе, биләмә итеп, Исраилдың ун ике ырыуына бүлерһегеҙ. Йософҡа ике өлөш ер бирелһен. Был ерҙе һәр ырыуға тигеҙ итеп бүлегеҙ. Мин, ҡулымды күтәреп, ата-бабаларығыҙға бирергә ант иткәнгә күрә, был ер һеҙҙең биләмәгеҙ булыр. Илдең сиктәре былай буласаҡ: төньяҡта Бөйөк диңгеҙҙән Хеҫлон юлы менән Седадҡа, Хамаҫ, Бероҫа һәм Дамаск менән Хамаҫ сиктәре араһында булған Сивраимға, Хауран сигендәге Хасер-Һаттихонға тиклем һуҙылыр. Унан һуң ул, Хамаҫты төньяҡтараҡ ҡалдырып, диңгеҙҙән Дамасктың төньяҡ сигендәге Хасар-Ғенонға етер. Төньяҡ сик ошолай булыр. Көнсығышта илдең сиге, Хауран менән Дамаск араһынан башланып, Ғилғәд менән Исраил ерҙәре араһында Иордан йылғаһы буйлап барыр. Тоҙло диңгеҙгә, унан Тамар ҡалаһына тиклем етер. Был – көнсығыш сик. Көньяҡтан сик Тамарҙан Мерива-Ҡадеш һыуҙарына, Мысыр сигендәге йылға буйынса Бөйөк диңгеҙгә тиклем һуҙылыр. Был – көньяҡ сик. Көнбайышта Лево-Хамаҫ ҡаршыһындағы урынға тиклем илдең сиге Бөйөк диңгеҙ буйлап үтер. Был – көнбайыштағы сик. Ошо ерҙәрҙе Исраил ырыуҙары араһында биләмә итеп өлөштәргә бүлегеҙ. Һеҙ уны биләмәләргә йәрәбә буйынса үҙегеҙгә һәм, арағыҙҙа йәшәп, балалары тыуған килмешәктәргә бүлегеҙ. Был кешеләр һеҙҙең өсөн ерле исраилдар менән тигеҙ хисапланһын, Исраил ырыуҙары араһында һеҙҙең менән бергә уларҙың да өлөшө булһын. Килмешәктәр ҡайһы ырыуҙа йәшәһә, уларға шунда биләмәгә ер бирегеҙ, – тип белдерә Раббы Хаким. – Бына ырыуҙарҙың исемдәре. Илдең иң төньяғында Данға бер өлөш бирелер. Уның сиге Хеҫлон юлы буйлап Лево-Хамаҫҡа һәм артабан, Хамаҫты төньяҡтараҡ ҡалдырып, Дамасктың төньяҡ сигендәге Хасар-Ғенонға тиклем көнсығыштан көнбайышҡа һуҙылыр. Ашерға бер өлөш бирелер. Уның биләмәһе, көнсығыштан көнбайышҡа тиклем һуҙылып, Дандың ерҙәре менән сиктәш булыр. Нафтали биләмәһе, көнсығыштан көнбайышҡа тиклем һуҙылып, Ашер ерҙәре менән сиктәш булыр. Менашше биләмәһе, көнсығыштан көнбайышҡа тиклем һуҙылып, Нафтали ерҙәре менән сиктәш булыр. Әфраим биләмәһе, көнсығыштан көнбайышҡа тиклем һуҙылып, Менашше ерҙәре менән сиктәш булыр. Рәүвән биләмәһе, көнсығыштан көнбайышҡа тиклем һуҙылып, Әфраим ерҙәре менән сиктәш булыр. Йәһүҙә биләмәһе, көнсығыштан көнбайышҡа тиклем һуҙылып, Рәүвән ерҙәре менән сиктәш булыр, – дип белдерә Раббы Хаким. – Йәһүҙә биләмәһе менән сиктәш, көнсығыштан көнбайышҡа тиклем һуҙылған, һеҙҙең тарафтан айырылған махсус ер булыр. Уның иңе – егерме биш мең терһәк, ә оҙонлоғо көнсығыштан көнбайышҡа табан һәр ырыуҙың биләмә оҙонлоғона тиң. Ошо ерҙең уртаһында Изге торлаҡ урынлашыр. Раббы өсөн айырылған изге биләмәнең оҙонлоғо – егерме биш мең, иңе егерме мең терһәк булыр. Был – ҡаһиндар өсөн мөҡәддәс өлөш буласаҡ. Төньяҡҡа – оҙонлоғо егерме биш мең, көнбайышҡа – иңе ун мең, көнсығышҡа – иңе ун мең, ә көньяҡҡа оҙонлоғо егерме биш мең терһәк булыр. Уртаһында Раббының Изге торлағы урынлашыр. Был биләмә Садоҡ нәҫеленән булған бағышланған ҡаһиндарға булыр. Улар Миңә тоғро хеҙмәт итте. Исраил халҡы юлдан яҙған саҡта левиҙәр ҙа юлдан яҙҙы, әммә улар юлдан яҙманы. Изге ерҙең бер өлөшө булған был махсус биләмә – уларҙыҡы; изгеләрҙән-изге һаналған был биләмә левиҙәр ере менән сиктәш. Левиҙәргә килгәндә, улар ҡаһиндарҙың биләмәһе янында биләмә алыр. Ул ерҙең оҙонлоғо – егерме биш мең терһәк, киңлеге ун мең терһәк булыр. Левиҙәр был биләмәгә ингән ерҙәрҙе һата ла, алмаштыра ла алмаҫ. Иң яҡшы һаналған был биләмә башҡа ҡулдарға күсергә тейеш түгел, сөнки ул – Раббының изгеһе. Бүленгәндән ҡалған иңе биш мең терһәк, оҙонлоғо егерме биш мең терһәк ер ҡала өсөн дөйөм ҡулланыуға бирелер. Был ерҙә көтөүлектәр булыр, өйҙәр төҙөлөр һәм уртаһында ҡала урынлашыр. Ҡаланың үлсәмдәре былай булыр: төньяғы ла, көньяғы ла, көнсығышы ла, көнбайышы ла – дүрт мең биш йөҙәр терһәк. Ҡала өсөн бүленгән көтөүлектәрҙең үлсәме былай булыр: төньяҡтан да, көньяҡтан да, көнсығыштан да, көнбайыштан да ике йөҙ иллешәр терһәккә һуҙылыр. Ҡаланың көнсығыш һәм көнбайыш яғындағы ҡалған ерҙең – ул изге биләмә менән сиктәш – уңышы ҡалала эшләгән кешеләр өсөн ризыҡ булыр, ул ерҙең оҙонлоғо ла, киңлеге лә унар мең терһәк тәшкил итә. Ҡалала йәшәгән һәр кем, ул ҡайһы ырыуҙан булмаһын, ошо тупраҡты эшкәртер. Оҙонлоғо ла, киңлеге лә егерме бишәр мең терһәк булған был дүрткел биләмә, ҡаланың ерен дә индереп, изге биләмәгә төшкән өлөш булараҡ айырып алыныр. Изге биләмәгә төшкән өлөш менән ҡалаға төшкән өлөштөң ике яғында ҡалған ер Исраилға хаким булған кешегә тәғәйенләнә. Уның ере – егерме биш мең терһәк оҙонлоҡтағы изге биләмәнән көнсығышҡа табан, илдең көнсығыш сиктәренә тиклем, һәм егерме биш мең терһәк оҙонлоҡтағы изге биләмәнән көнбайышҡа табан, илдең көнбайыш сиктәренә тиклем һуҙылыр. Ырыуҙарҙың биләмәләре буйлап урынлашҡан ул ике төбәк хакимдыҡы булыр. Изге биләмә менән ҡорамдың изге торлағы хаким ерҙәре уртаһында урынлашыр. Левиҙәргә төшкән өлөш менән ҡалаға төшкән өлөш хакимға бирелгән ерҙәрҙең араһында ҡалыр. Хакимдың биләмәһе Йәһүҙә менән Бинйәмин ырыуы биләмәләре араһында булыр. Ҡалған ырыуҙарға төшкән өлөш былай: Бинйәмин биләмәһе көнсығыштан көнбайышҡа тиклем һуҙылыр. Шимғон биләмәһе, көнсығыштан көнбайышҡа тиклем һуҙылып, Бинйәмин ерҙәренә сиктәш булыр. Исасхар биләмәһе, көнсығыштан көнбайышҡа тиклем һуҙылып, Шимғон ерҙәре менән сиктәш булыр. Зевулун биләмәһе, көнсығыштан көнбайышҡа тиклем һуҙылып, Исасхар ерҙәре менән сиктәш булыр. Ғад биләмәһе, көнсығыштан көнбайышҡа тиклем һуҙылып, Зевулун ерҙәре менән сиктәш булыр. Ғадтың биләмәһенең көньяҡ сиге Тамарҙан алып Мерива-Ҡадеш һыуҙарына, унан Мысыр сигендәге йылға буйынса Бөйөк диңгеҙгә тиклем һуҙылыр. Исраил ырыуҙарына һеҙ йәрәбә буйынса бүлеп бирәсәк биләмә ерҙәре ошо. Һәр ырыуҙың үҙ өлөшө булыр, – тип белдерә Раббы Хаким. – Бына ҡаланан сығыу урындары: дүрт мең биш йөҙ терһәккә һуҙылған төньяҡ диуарҙа өс ҡапҡа булыр – Рәүвән, Йәһүҙә, Леви ҡапҡалары. Ҡаланың ҡапҡалары Исраил ырыуҙарының исемдәре менән аталыр. Дүрт мең биш йөҙ терһәк оҙонлоҡтағы көнсығыш яҡта өс ҡапҡа – Йософ, Бинйәмин, Дан ҡапҡалары – булыр. Дүрт мең биш йөҙ терһәк оҙонлоҡтағы көньяҡ диуарҙа өс ҡапҡа – Шимғон, Исасхар, Зевулун ҡапҡалары – булыр. Дүрт мең биш йөҙ терһәк оҙонлоҡтағы көнбайыш яҡта өс ҡапҡа – Ғад, Ашер, Нафтали ҡапҡалары – булыр. Ҡаланың әйләнәһе ун һигеҙ мең терһәк булыр. Ҡала шул көндән алып «Йәһүә шамма» тип аталыр. Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим идара иткән дәүерҙең өсөнсө йылында Бабил батшаһы Навуходоносор килеп Йәрүсәлимде ҡамауға алды. Раббы Хаким Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡимды һәм Алла ҡорамының йыһаздарының бер өлөшөн уның ҡулына бирҙе. Навуходоносор был әйберҙәрҙе Шинғарға үҙ илаһының ҡорамына алып ҡайтты һәм уның хазина һаҡлағысына урынлаштырҙы. Батша һарай хеҙмәтселәре башлығы Ашпеназға һөргөндәге исраилдар араһынан батша тоҡомона һәм юғары ҡатлам кешеләренә ҡараған ғаиләләрҙән егеттәр һайлап алырға ҡушты. Улар ағзалары теүәл, төҫкә матур, аң-белемгә һәләтле, зирәк һәм аҡыллы, батша һарайында хеҙмәт итерлек булырға һәм Ашпеназ уларҙы халдей яҙмаһына һәм теленә өйрәтергә тейеш ине. Батша был үҫмерҙәргә көн һайын батша өҫтәленән ризыҡ һәм үҙе эскән шарапты бирергә бойорҙо. Өс йыл тәрбиәләгәндән һуң улар батша хозурына киләсәк ине. Һайлап алынғандар араһында Йәһүҙә ырыуынан Даниил, Хананъяһ, Мишаил, Ғазаръяһ тигән үҫмерҙәр бар ине. Һарай хеҙмәтселәре башлығы уларға яңы исемдәр ҡушты: Даниилды – Белтешассар, Хананъяһты – Шадрах, Мишаилды – Мешах, Ғазаръяһты Ғавед-Него тип йөрөтә башланылар. Даниил хәрәм бер нәмәне лә – батша ризыҡтарын да, батша шарабын да – ауыҙына ла алмаҫҡа ҡарар итте. Ул хеҙмәтселәр башлығынан әлеге ризыҡтарҙы ашамаҫҡа рөхсәт итеүен һораны. Алла Даниилға хеҙмәтселәр башлығының ыңғай ҡарашын һәм илтифатын ҡылды, һәм тегеһе Даниилға былай тине: – Мин хакимым батшанан ҡурҡам; ул бит һеҙгә нимә ашарға-эсергә икәнен үҙе билдәләне. Ул һеҙҙең үҙ йәшегеҙҙәге үҫмерҙәрҙән асҡағыраҡ булыуығыҙҙы абайлап ҡалһа, миңә батша алдында үҙ башым менән яуап бирергә тура килер. Шунан Даниил хеҙмәтселәр башлығы Хананъяһты, Мишаилды, Ғазаръяһты һәм үҙен бағырға тәғәйенләгән һаҡсыға былай тине: – Үтенеп һорайым, беҙҙе, ҡолдарыңды, һынап ҡара: әйҙә, беҙгә ун көн буйы йәшелсә менән һыу ғына бирһендәр. Шунан ҡиәфәтебеҙҙе батша өҫтәленән ашаған үҫмерҙәрҙеке менән сағыштырып ҡарарһың да беҙ ҡолдарың менән үҙең теләгәнсә эш итерһең. Тегеһе ризалашты ла уларға һынау өсөн ун көн бирҙе. Ә ун көндән быларҙың ҡиәфәте батша өҫтәленән ашаған барлыҡ үҫмерҙәрҙекенән күркәмерәк, тәндәре сәләмәтерәк булып сыҡты. Шул көндән башлап һаҡсы, уларға тәғәйен ризыҡ менән шарапты алып ҡалып, йәшелсә генә бирер булды. Алла был дүрт үҫмергә – аҡыл, һәр төрлө яҙмаға, уҡыуға һәләт, зирәклек, Даниилға иһә, быларҙың барыһына өҫтәп, һәр төрлө күренмештәрҙе һәм төштәрҙе юрау оҫталығы ла бирҙе. Батша билдәләгән ваҡыт етеү менән, хеҙмәтселәр башлығы үҫмерҙәрҙе Навуходоносор янына алып килде. Батша улар менән аралашты, үҫмерҙәрҙән берәү ҙә Даниил, Хананъяһ, Мишаил һәм Ғазаръяһҡа тиңләшә алманы. Шуға күрә был дүртәү батша хеҙмәтенә йәлеп ителде. Батша ниндәй генә һорау бирмәһен һәм ниндәй генә йомаҡтың яуабын һорамаһын, уларҙың аҡылы һәм белеме батшалыҡтағы барлыҡ тылсым һәм сихыр эйәләренән ун тапҡырға өҫтөнөрәк булып сыҡты. Даниил һарай хеҙмәтендә Кир батша хакимлығының беренсе йылына тиклем ҡалды. Батшалыҡ итеүенең икенсе йылында Навуходоносор төш күрҙе; йән тыныслығын юғалтып, тамам йоҡоһо ҡасты. Төшөн юратыр өсөн, батша тылсымсыларҙы, сихырсыларҙы, күрәҙәселәрҙе, халдейҙарҙың аҡыл эйәләрен саҡыртырға ҡушты. Улар, килеп, батша алдына баҫты. Батша: – Мин, бер төш күреп, йән тыныслығымды юғалттым, шуның нимә аңлатҡанын белгем килә, – тине. Халдей аҡыл эйәләре батшаға арами телендә: – Батшабыҙға мәңге йәшәргә яҙһын! Беҙгә, ҡолдарыңа, төшөңдө һөйлә, беҙ уны юрарбыҙ, – тине. Батша уларға: – Һеҙгә үҙ ихтыярымды белдерәм! Әгәр ҙә һеҙ миңә ниндәй төш кергәнен һәм уның нимә аңлатҡанын әйтмәһәгеҙ, һеҙҙе киҫәктәргә тураҡлаясаҡтар, өйҙәрегеҙҙе емерәсәктәр. Әгәр ҙә төштө һөйләп биреп, уның нимә аңлатҡанын юраһағыҙ, минән һеҙгә бүләктәр бирелеп, оло хөрмәт күрһәтеләсәк. Йә, һөйләгеҙ, миңә ниндәй төш кергән, ул нимә аңлата? – тине. Улар йәнә: – Батша, беҙ ҡолдарыңа төшөңдө һөйлә, шунан беҙ уны юрарбыҙ, – тинеләр. Батша: – Һеҙҙең юрамал ваҡытты һуҙғанығыҙға иманым камил. Мин һеҙгә үҙ ихтыярымды иғлан иттем бит, төшөмдө һөйләп бирмәһәгеҙ, барығыҙҙы ла бер яҙмыш көтә. Һеҙ минең алдымда алдашырға һәм хәйләләшергә һүҙ ҡуйышҡанһығыҙ – йә берәй нәмә үҙгәреп китер, тип көтәһегеҙ. Йәгеҙ әле, минең төшөмдө һөйләгеҙ, шул саҡта мин уны юрай алырығыҙға ышанырмын, – тип яуапланы. Халдей аҡыл эйәләре батшаға: – Ер йөҙөндә берәү ҙә батшаға уның һорағанын әйтә алмаҫ: быға тиклем бер генә бөйөк һәм ҡөҙрәтле батша ла тылсымсыларға, сихырсыларға, халдей аҡыл эйәләренә бындай һорау биргәне булманы. Батша шундай ауыр һорау бирә, уға, илаһтарҙан башҡа, бер кем дә яуап бирә алмаҫ, ә илаһтар кеше араһында йәшәмәй бит, – тине. Батша был һүҙҙәргә бик ныҡ асыуланды һәм Бабилдың бөтә аҡыл эйәләрен ҡырып бөтөрөргә бойорҙо. Батшаның был фарманы сыҡҡас, үлтерер өсөн Даниил менән уның дуҫтарын да эҙләй башланылар. Даниил Бабил аҡыл эйәләрен язаларға ебәрелгән Арйохҡа – батша нөгәрҙәре етәксеһенә – зирәклек менән ипләп кенә мөрәжәғәт итте. Даниил Арйохтан: – Ни сәбәптән батша шундай ҡаты бойороҡ сығарған? – тип һораны. Арйох Даниилға эштең ниҙә икәнен һөйләп бирҙе. Даниил, батша янына инеп, төштөң мәғәнәһен аңлатыу өсөн ваҡыт биреүен үтенде. Шунан өйөнә әйләнеп ҡайтҡас, ул дуҫтары Хананъяһ, Мишаил һәм Ғазаръяһҡа барыһын да һөйләп бирҙе. «Бабилдың башҡа аҡыл эйәләре менән бергә үҙебеҙ ҙә үлем язаһына дусар булмаҫ өсөн, Күк Аллаһына ялбарығыҙ: мәрхәмәтен күрһәтеп был серҙе асһын», – тине ул дуҫтарына. Төндә Даниилға бер күренмеш иңде, һәм теге сер йомғағы һүтелде. Шунда Даниил Күк Аллаһына шөкөрана ҡылды. Былай тине: – Алланың исеменә мәңге-мәңгегә маҡтау-шөкөрана яуһын! Сөнки Ул – хикмәт һәм ҡөҙрәт эйәһе. Ул заман һәм йылдарҙы үҙгәртә, Батшаларҙы тәхеттән төшөрөп, тәхеткә ултырта, Аҡыллыға – аҡыл, аңлыларға белем бирә. Тәрән һәм йәшерен серҙәрҙе аса, Ҡараңғылыҡта нимә булғанды белә, Яҡтылыҡ – гел Уның хозурында. Һине, аталарым Аллаһын, маҡтайым һәм данлайым, Һин миңә хикмәт һәм ҡөҙрәт бирҙең! Бөгөн миңә үтенесебеҙҙе астың, Батшаның һорағанын аңлаттың. Шунан Даниил, батша Бабилдың аҡыл эйәләрен үлтерергә тәғәйенләгән Арйох эргәһенә барып, былай тине: – Бабил аҡыл эйәләренең йәндәрен алма. Мине батшаға алып бар, мин уның төшөн юрайым. Арйох шунда уҡ Даниилды батша янына алып барҙы ла: – Мин Йәһүҙәнән һөрөлгәндәр араһынан батша төшөн юрай ала торған кешене таптым, – тине. Батша икенсе исеме Белтешассар булған Даниилдан: – Һин, ысынлап та, минең ниндәй төш күргәнемде һөйләп, уның нимә аңлатҡанын юрай алаһыңмы? – тип һораны. Даниил батшаға былай тип яуапланы: – Батша һораған серҙе аҡыл эйәләре лә, сихырсылар ҙа, тылсымсылар ҙа, фал һалыусылар ҙа аса алмаҫ. Әммә күктәрҙә серҙәрҙе асыусы Алла бар, һәм ахыр заманаларҙа нимә буласағын Навуходоносор батшаға Ул белдергән. Түшәгеңдә йоҡлап ятҡанда, һиңә түбәндәге төш һәм күренмештәр иңгән. Түшәгеңдә ятҡанда һинең уйың, батша, киләсәккә уҡталған булған – шуға Серҙәрҙе асыусы һиңә киләсәктә нимәләр буласағын күрһәткән. Миңә иһә был сер башҡа кешеләрҙән аҡыллыраҡ булғаным өсөн түгел, батша төшөнөң асылын һәм күңелендәге уйҙарын аңлаһын өсөн асылды. Эй батша, һин төшөңдә бына нимә күрҙең: һинең алдыңда аяуһыҙ яҡты балҡыған мөһабәт бер һәйкәл тора, имеш, уның килбәте ҡот осорғос. Был һәйкәлдең башы – саф алтындан, күкрәге менән ҡулдары – көмөштән, ҡорһағы менән янбаштары – баҡырҙан, сирағы – тимерҙән, аяҡ суғы – өлөшләтә тимерҙән, өлөшләтә балсыҡтан. Һин шулай ҡарап торғанда, ҡайҙандыр үҙенән-үҙе, кеше ҡулы теймәйенсә бер таш, кителеп төшөп, һәйкәлдең тимер һәм балсыҡтан булған аяҡтарына бәрелде, уларҙы селпәрәмә килтерҙе. Шул саҡ тимер, балсыҡ, баҡыр, көмөш, алтын, ваҡланып, йәйге ырҙындағы кәбәк һымаҡ булды. Ел уларҙың бөтәһен дә осороп алып китте, хатта эҙҙәре лә ҡалманы. Ә һәйкәлгә килеп бәрелгән таш, оло тауға әйләнеп, бөтә ер өҫтөн баҫып алды. Был – төштөң үҙе. Инде уның нимә аңлатҡанын һөйләп бирәйем. Эй батша, һин – батшаларҙың батшаһыһың, Күк Аллаһы һиңә батшалыҡ та, ҡеүәт тә, көс һәм шөһрәт тә биргән, Ул, ҡайҙа ғына йәшәмәһендәр, кешеләрҙе, ҡырағай йәнлектәрҙе, осар ҡоштарҙы һинең ҡулыңа тапшырған һәм һине уларға хаким итеп ҡуйған. Алтын баш – һин үҙең! Һинән һуң бүтән батшалыҡ килер, ул һинеке һымаҡ бөйөк булмаҫ. Шунан өсөнсө, баҡыр батшалыҡ бар ер йөҙөндә хакимлыҡ итер. Унан һуң тимер һымаҡ ҡаты дүртенсе батшалыҡ булыр. Тимер бөтә нәмәне ватҡан-ваҡлаған шикелле, тимер бөтә нәмәне емергән шикелле, – ул да барыһын да ватыр һәм емерер. Шунан һин яртылаш көршәк балсығынан, яртылаш тимерҙән булған аяҡ һәм аяҡ бармаҡтары күргәнһең – быныһы бүленгән батшалыҡ. Унда өлөшләтә тимер ҡатылығы ла булыр, шуға ла һин балсыҡ менән яртылаш тимер күргәнһең. Аяҡ бармаҡтары өлөшләтә тимерҙән, өлөшләтә балсыҡтан булған һымаҡ, батшалыҡ та өлөшләтә ныҡ, өлөшләтә мурт булыр. Ә инде тимер көршәк балсығы менән буталған тип күреүең был батшалыҡтарҙың никахтар аша үҙ-ара ҡатнашыуын аңлата, ләкин тимер менән балсыҡ бер бөтөн була алмаған һымаҡ, улар ҙа бер-береһе менән бөтөнләй ҡушылып китә алмаҫ. Был батшалар хакимлыҡ иткән осорҙа Күк Аллаһы мәңге емерелмәҫ бер батшалыҡ ҡорор һәм был батшалыҡ башҡа халыҡ ҡулына тапшырылмаҫ. Ул бөтә әүәлге батшалыҡтарҙы емереп бөтөр, үҙе мәңгелеккә ҡалыр. Шуға ла һин тауҙан үҙенән-үҙе, кеше ҡулы теймәйенсә бер таштың, кителеп төшөп, тимер, баҡыр, балсыҡ, көмөш һәм алтынды селпәрәмә килтергәнен күргәнһең. Ҡөҙрәтле Алла батшаға ошо рәүешле киләсәктә нимәләр булырын белдереп ҡуйған. Был төш хаҡ, уның юралышы ла дөрөҫ. Шул саҡ Навуходоносор батша Даниил алдына йөҙтүбән ҡапланды, уға баш эйҙе, шунан бүләктәр килтерергә һәм хуш еҫле төтәҫләгестәр көйрәтергә бойорҙо. Батша Даниилға: – Һин был серҙе аса алғанһың икән, тимәк, ысынлап та, һеҙҙең Аллағыҙ – аллаларҙың Аллаһы, батшаларҙың Хакимы, Серҙәр асыусы, – тине. Шунан һуң батша Даниилды үрләтте, бик күп зиннәтле бүләктәр бирҙе, уны Бабил өлкәһенә хаким, Бабилдың барлыҡ аҡыл эйәләренә башлыҡ итеп тәғәйенләне. Даниилдың үтенесе буйынса батша Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Негоға Бабил өлкәһендәге эштәргә идара итеү бурысын йөкмәтте, ә Даниил үҙе батша һарайында хеҙмәттә ҡалды. Навуходоносор батша, буйы – алтмыш, иңе алты терһәк ҙурлығындағы алтын һәйкәл яһатып, уны Бабил өлкәһендәге Дура үҙәненә ҡуйҙы. Шунан батша бөтә һанаттарын, етәкселәрҙе, өлкә идарасыларын, кәңәшселәрҙе, ҡаҙнасыларҙы, хөкөмдарҙарҙы, вазифалы кешеләрҙе һәм барлыҡ өлкә хеҙмәткәрҙәрен ул, Навуходоносор батша, ҡуйҙырған һәйкәлде асыу тантанаһына саҡырҙы. Һанаттар, етәкселәр, өлкә идарасылары, кәңәшселәр, ҡаҙнасылар, хөкөмдарҙар, вазифалы кешеләр һәм барлыҡ өлкә хеҙмәткәрҙәре тантанаға йыйылып бөтөп, Навуходоносор батша ҡуйҙырған һәйкәл алдына килеп баҫҡас, оран һалыусы көслө тауыш менән: – Бөтә халыҡтар, ҡәүем һәм ҡәбиләләр, тыңлағыҙ! – тип ҡысҡырҙы. – Мөгөҙ, һыбыҙғы, лира, көснә, арфа, һорнай һәм башҡа уйын ҡоралдары тауышын ишетеү менән, йөҙтүбән ҡапланып, Навуходоносор батша ҡуйҙырған алтын һәйкәлгә сәждә ҡылығыҙ. Кем дә кем йөҙтүбән ҡапланып сәждә ҡылмай, шул кисекмәҫтән янып торған мейескә ырғытыласаҡ. Бына, мөгөҙ, һыбыҙғы, лира, көснә, арфа һәм башҡа уйын ҡоралдары тауыштарын ишетеү менән, бөтә халыҡтар, ҡәүем һәм ҡәбиләләр, йөҙтүбән ҡапланып, Навуходоносор батша ҡуйҙырған алтын һәйкәлгә сәждә ҡылдылар. Шул саҡ ҡайһы бер халдейҙар, килеп, йәһүдтәрҙе ошаҡланы. Улар Навуходоносор батшаға: – Мәңге йәшә, батшабыҙ! Ләкин һин Бабил өлкәһе эштәренә идара итеүҙе ышанып тапшырған йәһүдтәр – Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Него – һине, батша, тыңламай, һинең илаһтарыңа табынмай, һин ҡуйҙырған алтын һәйкәлгә баш эймәй, – тинеләр. Навуходоносор батша бик ныҡ асыуланды, Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Негоны килтерергә әмер бирҙе. Уларҙы батша янына алып килгәс, Навуходоносор: – Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Него, һеҙ минең илаһтарыма табынмайһығыҙ һәм мин ҡуйҙырған алтын һәйкәлгә сәждә ҡылмайһығыҙ тигән һүҙҙәр дөрөҫмө? – тип һораны. – Бына хәҙер мөгөҙ, һыбыҙғы, лира, көснә, арфа, һорнай һәм башҡа уйын ҡоралдары тауышын ишетеү менән, йөҙтүбән ҡапланып, мин ҡуйҙырған һәйкәлгә сәждә ҡылырға әҙер тороғоҙ, әгәр сәждә ҡылмаһағыҙ, һеҙҙе кисекмәҫтән янып торған мейескә ташларҙар – шул сағында ниндәй илаһ һеҙҙе минең ҡулымдан ҡотҡарыр икән, ҡарап ҡарарбыҙ. Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Него батшаға: – Эй Навуходоносор, беҙгә яуап биреп тороуҙың кәрәге юҡ. Эй батша, табынған Аллабыҙ беҙҙе ҡотҡара алһа, Ул беҙҙе ҡыҙған мейестән дә, һинең ҡулыңдан да ҡотҡарыр. Ҡотҡармаған сүрәттә лә – барыбер, батша, бел: беҙ һинең илаһтарыңа табынмаясаҡбыҙ, һин ҡуйҙырған алтын һәйкәлгә сәждә ҡылмаясаҡбыҙ, – тинеләр. Навуходоносор бик ныҡ асыуланды, Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Негоға ҡарап, сырайы боҙолдо ла мейесте элеккенән ете тапҡырға артығыраҡ ҡыҙҙырырға бойорҙо. Шунан ул ғәскәренең иң көслө яугирҙәренә, Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Негоны бәйләп, янып торған мейес эсенә ташларға бойорҙо. Яугирҙәр уларҙы бәйләне лә нисек бар, шул көйө, салбар, күлдәк һәм башлыҡ кейгән килеш, туп-тура янып торған мейес эсенә ташланы. Батшаның аяуһыҙ бойороғо буйынса мейесте шул тиклем ныҡ ҡыҙҙырғайнылар, хатта Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Негоға сығарылған хөкөмдө башҡарған яугирҙәр үҙҙәре ялҡындан һәләк булды. Ә теге өсәү – Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Него – бәйләнгән көйө янып торған мейес эсенә барып төштө. Әммә тиҙҙән Навуходоносор батша аптырауынан һикереп торҙо һәм ярандарынан: – Беҙ мейескә өс кенә кешене бәйләп ташлағайныҡ түгелме? – тип һораны. Уға: – Эйе, эй батша, – тип яуап бирҙеләр. Ул: – Ә мин ут араһында бәйләнмәгән дүрт кешенең имен-аман йөрөгәнен күрәм; дүртенсеһе ҡиәфәте менән илаһҡа оҡшағандай, – тине. Навуходоносор янып торған мейес ауыҙына килеп: – Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Него, Юғарыларҙан юғары Алланың ҡолдары, сығығыҙ унан, килегеҙ бында! – тип ҡысҡырҙы. Шулай тигәс, Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Него ут эсенән сыҡты. Һанаттар, етәкселәр, өлкә идарасылары, батшаның яҡындары йыйылды һәм уттың был кешеләргә ҡағылмағанын күрҙе: уларҙың сәстәре лә өтөлмәгән, кейемдәре лә бөтөн, хатта уларҙан төтөн еҫе лә сыҡмай. Шул саҡ Навуходоносор былай тип иғлан итте: – Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Негоның Аллаһына рәхмәттәр яуһын! Ул, фәрештәһен ебәреп, Үҙенә башкөллө ышанған ҡолдарын ҡотҡарҙы. Улар батша ихтыярына баш бирмәне, үҙ ғүмерҙәрен ҡыҙғанманы – үҙ Аллаһынан башҡа, бүтән илаһтарға табынманы ла, сәждә лә ҡылманы. Бөтә халыҡтарға, ҡәүем һәм ҡәбиләләргә минең бойороғом: кем дә кем Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Него Аллаһы тураһында ихтирамһыҙ һүҙ әйтһә, шуны киҫәктәргә тураҡлаһындар һәм йортон емерһендәр. Сөнки башҡа бер илаһ та был Алла һымаҡ ҡотҡара алмай. Шунан һуң батша Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Негоны Бабил өлкәһендә бик юғары вазифаларға үрләтте. Навуходоносор батша ер йөҙөндәге бөтә халыҡтарға, ҡәүем һәм ҡәбиләләргә былай тип мөрәжәғәт итте: – Именлек һәм муллыҡ булһын һеҙгә! Юғарыларҙан Юғары Алланың миңә күрһәткән хикмәттәре һәм мөғжизәләре тураһында һөйләү фарыздыр. Уның мөғжизәләре бөйөк, Ҡылған хикмәттәре ҡөҙрәтле! Уның батшалығы – мәңгелек батшалыҡ, Уның хакимлығы быуындан-быуынға ҡаласаҡ! – Мин, Навуходоносор, үҙ йортомда тыныс ҡына йәшәп ята, үҙ һарайымда хозур көн итә инем. Әммә йоҡомда бер төш кереп ҡурҡытты, төшөмдә күргәндәр мине хафаға һалды. Шуға ла мин, төшөмдө юратыр өсөн, Бабилдың бөтә аҡыл эйәләрен үҙ яныма саҡырырға бойорҙом. Тылсымсылар, сихырсылар, халдей аҡыл эйәләре, фал һалыусылар килде, мин уларға үҙ төшөмдө һөйләнем, ләкин улар уны юрай алманы. Ниһайәт, Даниил килде – уны минең илаһым хөрмәтенә Белтешассар тип йөрөтәләр – унда изге илаһи рух бар. Мин уға төшөмдө һөйләнем. Мин уға былай тинем: «Эй Белтешассар, тылсымсылар башлығы! Мин һиндә мөҡәддәс илаһи рух барлығын беләм, һинең өсөн теләһә ниндәй серҙе асыу һис ҡыйын түгел. Әйт әле, мин төшөмдә күргән күренмештәрҙең нимә аңлатҡанын һөйләп бир. Төшөмдә, үҙ түшәгемдә йоҡлап ятҡанда, мин бына нимә күрҙем. Донъяның тап уртаһында Ғәжәйеп бейек ағас тора. Ул шул тиклем ҡеүәтле һәм бөйөк, Башы күктәргә олғашҡан, Ерҙең һәр тарафынан күренеп тора. Уның япраҡтары ғәжәп матур, Мул емешенән донъя туҡлана. Төбөндә ҡырағай януарҙар йыйыла, Ботаҡтары араһында ҡоштар оя ҡора, Һәр йән эйәһе шунда үҙенә ризыҡ таба. Йәнә түшәгемдә йоҡлап ятҡанда, төшөмдә бына ни күрҙем: күктән мөҡәддәс бер күҙәтеүсе фәрештә килеп төштө лә яңғырауыҡлы тауыш менән былай тине: „Был ағасты ҡырҡығыҙ, Ботаҡтарын ботарлап ташлағыҙ, Япраҡтарын өҙгөләгеҙ, Емештәрен өҙөп ырғытығыҙ. Йәнлектәр уның аҫтынан ҡасһын, Ҡоштар ботағынан осоп китһен. Тупраҡта тик тамырҙары менән Төпһә генә тороп ҡалһын, Тимер һәм баҡыр менән ҡоршалған килеш Ялан үләндәре араһында, Әйҙә, уны күк ысығы йыуһын, Януарҙар менән бергә үләндә көн күрһен. Кеше аҡылы унан алынһын, Хайуан аҡылы бирелһен уға, Ана шул хәлдә ете йыл үтһен. Был әмер – күҙәтеүсе фәрештәләр ҡарары, Был хөкөм – мөҡәддәс фәрештәләр һүҙе. Ер йөҙөндә йәшәүселәр белеп торһон: Кешелек батшалығы өҫтөнән Юғарыларҙан Юғары хакимлыҡ итә. Батшалыҡты кемгә теләй, шуға бирә; Кешенең иң түбән һаналғанын да хаким итә ала“». Бына мин, Навуходоносор, ошондай төш күрҙем, ә һин, Белтешассар, уның ни аңлатҡанын әйт. Батшалығымдағы бер аҡыл эйәһе лә уны юрай алманы, ә һин юрай алырһың, сөнки һиндә мөҡәддәс илаһи рух бар. Шунда Белтешассар атлы Даниил ҡатып ҡалды – үҙенең уйҙарынан ҡот осҡос дәһшәткә төшкәйне ул. Батша: – Белтешассар, был төш һәм уның мәғәнәһе һине ҡурҡытмаһын, – тине. Быға Белтешассар: – Эй хакимым! Бындай төш һинең дошмандарыңа керһә икән, уның мәғәнәһе һиңә ҡаршы булғандарға яҙған булһа икән, – тип яуап бирҙе. – Һин төшөңдә күргән ҡеүәтле һәм бөйөк, башы күктәргә олғашҡан, ерҙең һәр тарафынан күренеп торған, япраҡтары ғәжәп матур, мул емешенән донъя туҡланған, төбөндә ҡырағай януарҙар йыйылған, ботаҡтары араһында ҡоштар оя ҡорған ағас – ул һин, батшам. Һин бөйөк һәм ҡеүәтле, бөйөклөгөң асмандарға аша, хакимлығың ер сигенәсә йәйелә. Батша, күктән мөҡәддәс бер күҙәтеүсе фәрештәнең төшөп: «Был ағасты ҡырҡып юҡ итегеҙ, тупраҡта бары тамырҙары менән төпһә генә тороп ҡалһын, тимер, баҡыр менән ҡоршалған килеш ялан үләндәре араһында, әйҙә, уны ысыҡ йыуһын, януарҙар менән көн күрһен, ете йыл ана шулай үтеп китһен», – тип әйткәнен күргән. Эй батшам, Юғарыларҙан Юғарының минең хакимым батшам тураһындағы ҡарары бына шундай. Һине кешеләр араһынан ҡыуырҙар; ҡырағай януарҙар араһында йәшәргә, мал ише, үлән менән туҡланырға, ысыҡ менән йыуынырға тура килер. Ана шулай ете йыл үтер – һәм һин шуны аңларһың: кешелек батшалығына Юғарыларҙан Юғары бер үҙе хаким, Ул кемгә теләй, шуға бирә. Әммә ағастың төпһәһе менән тамырҙарын ҡалдырырға ҡушылған – тимәк, һин бөтә хакимлыҡтың Күктәрҙән булыуын аңлағас, батшалығың һиңә ҡайтарып бирелер. Шуға күрә, эй батшам, минең кәңәшемә ҡолаҡ һала күр: үҙеңдең гонаһтарыңды – изге эштәр менән, ғәҙелһеҙлегеңде фәҡирҙәргә рәхимлегең менән төҙәт. Шулай итһәң, бәлки, хозур тормошта көн күреүең оҙаҡ дауам итер. Навуходоносор батшаға әйтелгәндәрҙең барыһы ла ғәмәлгә ашты. Ун ике айҙан һуң ул Бабилдағы батша һарайының башында йөрөп ята ине. – Бына ул бөйөк Бабил, – тине ул, – үҙ көсөм һәм ҡеүәтем менән, үҙ даныма һәм хөрмәтемә төҙөгән батша ҡалаһы! Шулай тип әйтеп тә өлгөрмәне, күктән бер тауыш ишетелде: – Был һүҙҙәр һиңә, Навуходоносор батша! Батшалығың һинән китте. Һин кешеләр араһынан ҡыуылырһың, ҡырағай януарҙар менән йәшәрһең; мал ише, үлән менән туҡланырһың. Ана шулай ете йыл үтер – һәм һин шуны аңларһың: кешелек батшалығына Юғарыларҙан Юғары бер үҙе баш, Ул кемгә теләй, шуға бирә. Навуходоносорға әйтелгәндәр шунда уҡ бойомға ашты. Уны кешеләр араһынан ҡыуҙылар, мал ише, үлән ашаны, тәне күк ысығында йыуылды. Сәстәре – бөркөт ҡанатылай, тырнаҡтары ҡоштоҡо һымаҡ оҙон булып үҫте. – Ваҡыт үтә торҙо, бер саҡ мин, Навуходоносор, күккә баҡтым – шунда уҡ зиһенем асылды. Мин Юғарыларҙан Юғарыға рәхмәт әйттем, Мәңге Йәшәүсене данланым һәм маҡтаным: Уның хакимлығы – мәңгелек, Уның батшалығы быуындан-быуынға ҡаласаҡ. Ер йөҙөндә йәшәүселәр Уға бер ни түгел; Күк көстәре һәм ер мәхлүктәре менән Үҙе теләгәнсә эш итә Ул. Һис кем уның ҡулын туҡтата алмаҫ, Бер кем Уға: «Ни эшләүең был?» – ти әйтә алмаҫ. Шул мәлдә миңә зиһенем ҡайтты; батша тигән даным, хөрмәт һәм бөйөклөгөм ҡайтты. Ярандарым һәм вәзир-бәктәр мине эҙләп тапты, һәм мин йәнә тәхеткә ултырҙым, ҡеүәтем әүәлгенән дә нығыраҡ артты. Хәҙер инде мин, Навуходоносор, Күк Батшаһына дан, хөрмәт һәм маҡтау йырлайым: Уның ғәмәлдәре хаҡ, юлдары ғәҙел, Ул тәкәбберҙе буйһондорорға ҡөҙрәтле. Белшассар батша үҙенең бер мең вәзир-бәге өсөн оло мәжлес ойошторҙо һәм улар менән бергә шарап эсте. Башына шарап һуҡҡас, Белшассар атаһы Навуходоносор тарафынан Йәрүсәлим ҡорамынан алып ҡайтылған алтын һәм көмөш һауыттарҙы алып килергә ҡушты: батша үҙенең вәзир-бәктәре, ҡатындары һәм йәриәләре менән шунан шарап эсмәксе булды. Ҡорамдан, Йәрүсәлимдәге Алла йортонан, алып ҡайтылған алтын һауыттарҙы алып килгәс, батша үҙенең вәзир-бәктәре, ҡатындары һәм йәриәләре менән шунан шарап эсә башланы. Улар шарап эсә-эсә үҙҙәренең алтын һәм көмөш, баҡыр һәм тимер, ағас һәм таш илаһтарын маҡтаны. Көтмәгәндә кешенең ҡул суғы пәйҙә булды ла батша һарайының ағартылған диуарына шәмдәл ҡаршыһына ниҙер яҙа башланы. Батша яҙған ҡулды үҙ күҙҙәре менән күрҙе. Батша ҡурҡыуға ҡалды, йөҙө ағарып китте, тубыҡтары ҡалтырап, бер-береһенә бәрелеп туҡылдай башланы. Батша тылсымсыларҙы, сихырсыларҙы, халдей аҡыл эйәләрен, фал һалыусыларҙы саҡырырға бойороп ҡысҡырып ебәрҙе. Ул Бабил аҡыл эйәләренә: – Кем дә кем миңә был яҙыуҙы уҡып, уның мәғәнәһен әйтеп бирә, шуны затлы ҡарағусҡыл ҡыҙыл кейемгә кейендерерҙәр, муйынына алтын сылбыр тағырҙар, һәм ул дәүләт эсендә өсөнсө кеше булыр, – тине. Батшаның аҡыл эйәләре килде, ләкин улар яҙыуҙы уҡый ҙа, уның мәғәнәһен аңлата ла алманы. Шул саҡ Белшассар бик ҡаты ҡурҡыуға ҡалды, йөҙө ағарып китте, вәзир-бәктәренең дә күңелен шом баҫты. Батшаның әсәһе батшабикә, улы менән уның вәзир-бәктәренең нимә хаҡында һөйләшкәнен белеп ҡалғас, мәжлес барған бүлмәгә керҙе лә: – Мәңге йәшә, батша! – тине. – Һин юҡҡа ҡурҡҡанһың, йөҙөң юҡҡа ағарынған. Һинең батшалығыңда мөҡәддәс аллалар рухы менән һуғарылған бер кеше бар. Һинең атайың идара иткән саҡта уҡ уның яҡты аҡылға, зиһенгә, илаһи зирәклеккә эйә булғаны билдәле ине. Һинең атайың Навуходоносор уны тылсымсылар, сихырсылар, халдей аҡыл эйәләре, фал һалыусыларҙың башлығы итеп тәғәйенләне. Батша Даниилды Белтешассар тип йөрөттө, ул тиңдәшһеҙ рухҡа, төш юрау, төрлө серҙәрҙе аңлатыу, ҡатмарлы хәлдәрҙән сығыу юлдарын күрһәтеү өлкәһендә белемгә һәм зиһенгә эйә ине. Әйҙә, Даниилды саҡырһындар – ул яҙыуҙың мәғәнәһен аңлатып бирер. Даниилды батша янына алып килделәр. Батша унан: – Атайым батша Йәһүҙәнән алып ҡайтҡан әсирҙәрҙең берәүһе – Даниил тигән кеше һин булаһыңмы? – тип һораны. – Һиндә илаһи рух бар, ҙур ғилем, яҡты аҡыл һәм ғәжәйеп зирәклеккә эйәһең, тип ишеткәйнем. Анау яҙыуҙы уҡып, миңә уның мәғәнәһен аңлатһындар өсөн аҡыл эйәләрен һәм сихырсыларҙы саҡырғайнылар, ләкин улар аңлатып бирә алманы. Мин һине юрай һәм ҡатмарлы хәлдәрҙән сығыу юлдарын белә, тип ишеттем. Әгәр ҙә ошо яҙыуҙы уҡып, уның нимә аңлатҡанын миңә әйтә алһаң, һине ҡарағусҡыл ҡыҙыл кейемгә кейендерерҙәр, муйыныңа алтын сылбыр тағырҙар, һәм һин дәүләттә өсөнсө кеше булырһың. Даниил батшаға: – Бүләктәреңде үҙеңдә ҡалдыр, хөрмәтеңде башҡаларға күрһәт. Ә бында яҙылғандарҙы батшама мин былай ҙа уҡып бирермен, уның нимә аңлатҡанын әйтермен, – тине. – Эй батша! Һинең атайың Навуходоносорға Юғарыларҙан Юғары Алла батшалыҡ, бөйөклөк, дан һәм хөрмәт биргән. Алла уға биргән бөйөклөк алдында барлыҡ халыҡтар, ҡәүем һәм ҡәбиләләр ҡурҡып ҡалтырап торҙо: батша кемде теләне, шуны үлтерҙе, кемде теләне – тере ҡалдырҙы, кемде теләне – үрләтте, кемде теләне – төшөрҙө. Ләкин ул тәкәбберләнде, эреләнеп, һауаланып китте, шуға ла батша тәхетенән төшөрөлдө һәм үҙенең бар шөһрәтенән мәхрүм ителде. Ул кешеләр араһынан ҡыуылды, аҡылы менән януарға тиңләште, ҡырағай ишәктәр менән бергә көн күрҙе, мал ише, үлән менән туҡланды, тәне күк ысығында йыуылды – кешелек батшалығына Юғарыларҙан Юғары Алла хаким икәнен, кемде теләй, шуны батша итеп ултыртҡанын аңлағансы шулай булды. Һин дә, Белшассар, уның улы, быны белеп тә, нәфсеңде тыйманың. Һин, хаттин ашып, Күк Хакимына ҡаршы сыҡтың: һиңә Уның Йортонан алынған һауыттарҙы килтерәләр, һәм һин үҙеңдең вәзир-бәктәрең, ҡатындарың һәм йәриәләрең менән шунан шарап эсәһең. Үҙеңдең бер нәмә лә күрмәгән, ишетмәгән һәм аңламаған көмөш һәм алтын, баҡыр һәм тимер, ағас һәм таш илаһтарыңды маҡтайһың, ә ғүмерең һәм тәҡдирең Уның ҡулында булған Алланы данламаның. Шуға ла был ҡул Унан ебәрелгән һәм был һүҙҙәр яҙылған. Бында былай тип яҙылған: Мене Мене Текел у-Парсин. Бына ул нимә аңлата: Мене – «Алла һинең батшалыҡ итеүеңде иҫәпләп сығарған һәм уға сик ҡуйған». Текел – «Һин үлсәүҙә үлсәндең һәм үтә еңел булып сыҡтың». Пәрәс – «Һинең батшалығың, бүлгеләнеп, мадайҙар менән фарсыларға бирелде». Шунан һуң Белшассар әмере менән Даниилды ҡарағусҡыл ҡыҙыл кейемгә кейендерҙеләр, муйынына алтын сылбыр таҡтылар һәм дәүләт эсендә өсөнсө кеше тип иғлан иттеләр. Шул уҡ төндө Халдей батшаһы Белшассар үлтерелде. Мадайҙан Дарий батшалыҡты үҙ ҡулына алды, уға был осорҙа алтмыш ике йәш ине. Илгә идара итер өсөн мадай Дарий батшалыҡтың бөтә өлкәләренә йөҙ ҙә егерме идарасы тәғәйенләне. Улар өҫтөнән күҙ-ҡолаҡ булырға ул өс вәзирен ҡуйҙы. Батшаға бер ниндәй ҙә зыян-юғалтыу булмаһын өсөн идарасылар вәзирҙәргә иҫәп-хисап биреп торорға тейеш ине. Шул өс вәзирҙең береһе Даниил булды. Үҙенә бирелгән тиңдәшһеҙ рух менән Даниил был вәзир һәм идарасылар араһында айырылып тора ине, шуға ла батша уны бар батшалыҡҡа баш итеп ҡуйырға ниәтләне. Уның ҡарауы башҡа вәзирҙәр һәм идарасылар Даниилдың батшалыҡ менән идара итеүен күҙәтеп кенә торҙо, уның эшенән йөй табырға тырышты, ләкин бер нисек тә таба алманы: Даниил барыһын да намыҫ ҡушҡанса башҡарҙы, уның эшенән хилафлыҡ та, яңылышлыҡ та табылманы. Ниһайәт, был вәзир һәм идарасылар: – Үҙ Аллаһы ҡанунына эйәреүендә генә ғәйепләмәһәк, беҙ Даниилдан башҡа хилафлыҡ таба алмабыҙ, – тинеләр. Шунан был вәзирҙәр һәм идарасылар күмәкләшеп батша янына килделәр ҙә былай тип һүҙ башланылар: – Дарий батшаға мәңге йәшәргә яҙһын! Эй батша, батшалыҡтағы бөтә вәзирҙәр, етәкселәр һәм өлкә идарасылары, батшаның кәңәшселәре үҙ-ара фекер алышып, шуны кәрәк тип тапты, батша фарман, бер тыйыу сығарһын: кемдер берәү утыҙ көн эсендә үтенесе менән һинән башҡа берәүгә – илаһҡамы йәки кешегәме – мөрәжәғәт итһә, шуны арыҫландар янына соҡорға ташлаһындар. Эй батша, фарман сығарып, уға ҡулыңды ҡуй. Ул ҡарар, мадайҙар һәм фарсыларҙың үҙгәрмәҫ ҡануны кеүек үк, ғәмәлдән сығарылмаҫлыҡ булһын. Дарий батша бының менән килеште һәм, ҡарар сығарып, ҡулын ҡуйҙы. Даниил, бындай фарман сығарылғанын белә тороп та, өйөнә ҡайтыр һәм, өҫкө ҡатындағы тәҙрәләре Йәрүсәлим яғына ҡараған бүлмәгә инеп, әүәлгесә, көнөнә өс тапҡыр үҙ Аллаһы алдына теҙләнеп, Уға доға ҡылыр, Уны данлар булды. Һүҙ ҡуйышҡан теге бәндәләр, күмәкләшеп килеп, Даниилдың үҙ Аллаһына доға ҡылып ялбарған сағын тап иттеләр. Шунан һуң батшаға барып, ул сығарған ҡарарға ҡағылышлы былай тинеләр: – Һин бит, батша, утыҙ көн буйы үтенесе менән һиңә түгел, ә башҡа илаһҡамы йәки кешегәме мөрәжәғәт иткән әҙәмде арыҫландар янына соҡорға ташларға, тигән фарман сығарғайның. – Был ҡарарым ҡәтғи, ул үҙгәрмәй торған мадай һәм фарсылар ҡануны! – тип яуап ҡайтарҙы батша. Шул саҡ тегеләр батшаға: – Эй батша, бында Йәһүҙәнән һөргөнгә килтерелгән кешеләрҙең береһе Даниил, һинең менән дә, эй батша, һин раҫлаған ҡарар менән дә иҫәпләшмәй: ул көнөнә өс мәртәбә үҙ Аллаһына доға ҡыла, – тинеләр. Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, батша бик ҡаты ҡайғыға ҡалды һәм Даниилды нисек тә ҡотҡарырға тырышты: эңер төшкәнсе уны йолоп алыу юлын эҙләне. Ләкин тегеләр, батша янына күмәкләшеп килеп, былай тинеләр: – Беләһең бит, батша, мадай һәм фарсыларҙың ҡануны буйынса, батшаның бер генә ҡарарын, бер генә фарманын да үҙгәртергә ярамай. Шунан батша Даниилды алып килергә һәм соҡорға арыҫландар янына ташларға бойорҙо. Ул Даниилға: – Һине үҙең арыу-талыуһыҙ табынған Аллаң ҡотҡара күрһен! – тине. Таш килтереп, соҡорҙоң ауыҙын томаланылар. Даниилға ҡарата нисек ҡарар ителгән, шулай булһын өсөн батша ташҡа үҙенең һәм вәзир-бәктәренең мөһөр йөҙөктәре менән тамға һалды. Шунан батша үҙ һарайына ҡайтып китте, ашамай-эсмәй, күңел асмай төн үткәрҙе, уны бөтөнләй йоҡо алманы. Иртәгәһенә батша, таң алдынан тороп, арыҫландар тотолған соҡор янына ашыҡты. Даниил ултырған соҡор янына килеп, батша борсоулы тауыш менән: – Эй Даниил, тере Алланың ҡоло! Һин арыу-талыуһыҙ хеҙмәт иткән Аллаң һине арыҫландарҙан ҡотҡара алдымы? – тип өндәште. Шул саҡ Даниил батшаға: – Мәңге йәшә, батшам! – тине. – Минең Аллам Үҙенең фәрештәһен ебәргән, ул арыҫландарҙың ауыҙын йомдорҙо, һәм улар миңә теймәне. Алла мине Үҙенең алдында ғәйепһеҙ тип тапты, хәйер, һинең алдыңда ла, батша, бер енәйәт тә эшләгәнем юҡ. Батша Даниил өсөн бик шатланды һәм уны соҡорҙан сығарырға ҡушты. Даниилды соҡорҙан сығарҙылар – үҙенең Аллаһына ышанған өсөн уның бер еренә лә зыян килмәгәйне. Батша Даниилды ошаҡлаған теге кешеләрҙе, балалары һәм ҡатындары менән бергә алып килеп, арыҫландар ултырған соҡорға ташларға ҡушты. Тегеләр соҡор төбөнә төшөп етергә лә өлгөрмәне, арыҫландар уларҙы ҡармап алып, өҙгөсләп ташланы. Аҙаҡтан Дарий батша ер йөҙөндәге бөтә халыҡтарға, ҡәүемдәргә һәм ҡәбиләләргә былай тип яҙҙы: «Именлек һәм муллыҡ һеҙгә! Бына минең фарманым: батшалығымдың бөтә өлкәләре Даниил Аллаһы алдында ҡурҡып һәм ҡалтырап торһон. Сөнки Ул – тере Алла, Мәңге йәшәр Алла, Уның батшалығы емерелмәҫ, Хакимлығының ахыры булмаҫ. Ул ҡотҡара һәм аралай, Күктә лә, ерҙә лә Мөғжизәләр һәм хикмәттәр ҡыла. Даниилды ул арыҫландан ҡотҡарып алды». Шулай итеп, Даниил Дарий, шулай уҡ фарсы Кир идара иткән йылдарҙа имен-аман көн итте. Бабил батшаһы Белшассар идара иткәндең беренсе йылында Даниил төндә үҙ түшәгендә йоҡлап ятҡанда төш күрҙе. Ул төшөн яҙып ҡуйҙы. Даниил былай тип бәйән итте: – Мин төшөмә ингән күренмештә дүрт күк еленең бөйөк диңгеҙҙе ҡоторондорғанын күрҙем. Бына диңгеҙҙән бер-береһенә оҡшамаған дүрт дәү януар килеп сыҡты. Тәүгеһе арыҫланға оҡшағайны, бөркөттөкө кеүек, ҡанаттары бар ине. Шунан мин күрҙем: уның ҡанаттары йолҡондо, кеше һымаҡ ике аяғына торғоҙоп баҫтырылды һәм уға әҙәм йөрәге бирелде. Тағы ла күрҙем: икенсе януар айыуға оҡшағайны. Ул бер яғында ҡырын ята ине. Уның ауыҙында тештәре араһында өс ҡабырға һөйәге тарбайып күренә. Уға: «Тор ҙа күп итеп ит аша!» – тип әйтелде. Шунан мин тағы бер януар күрҙем – ул арҡаһында дүрт ҡош ҡанаты булған ҡапланға оҡшағайны. Өҫтәүенә ул дүрт башлы ине, уға хакимлыҡ хоҡуғы бирелгән ине. Артабан мин төнгө күренмешемдә дүртенсе януарҙы – ҡот осҡос, дәһшәтле, сағыштырғыһыҙ ҡеүәтле йән эйәһен күрҙем. Уның ауыҙында ҙур тимер тештәр булып, ул бар нәмәне ялмап ашап, емереп бара, ҡалғанын аяҡтары менән тапай. Ул әүәлге януарҙарҙың береһенә лә оҡшамағайны, башында ун мөгөҙө бар ине. Мин был мөгөҙҙәргә текләп торған арала, улар араһында бәләкәс кенә тағы бер мөгөҙ үҫеп сыҡты ла элекке мөгөҙҙәрҙең өсәүһе уға урын бирер өсөн төбө-тамыры менән йолҡоноп алынды. Әлеге мөгөҙҙөң, кешенеке кеүек, күҙҙәре, тәкәббер һөйләшкән ауыҙы бар ине. Шунан күрҙем: Тәхеттәр ҡуйылды, Мәңгелек Зат тәхеткә ултырҙы. Кейемдәре ап-аҡ ҡар ише, Сәстәре – бәрәс йөнө һымаҡ салт. Тәхете – утлы ялҡын, Тәгәрмәстәре – дөрләп янған ут. Уның хозурынан ут ташҡыны йылға булып аға. Уға хеҙмәт итеүселәр меңдәрсә, Күптин-күптәр алдында әҙер тора. Бына хөкөм ултырышы башланды, Һәммә китаптар асылды. Мин, мөгөҙ ауыҙынан тәкәббер телмәрҙәр сыҡҡан мәлдән алып януар үлтерелгәнгә тиклем, уның кәүҙәһе юҡ ителеп, утҡа тотолғанға тиклем булған хәлдәрҙең барыһын да күрҙем. Ҡалған януарҙарҙан да хакимлыҡ алынды, ләкин мөҙҙәт еткәнгә тиклем ғүмерҙәре һаҡланды. Төндә килгән күренмештә йәнә шуны күрҙем: Күктәге болоттар араһында Әҙәм улына оҡшаған берәү яҡыная. Килеп етеү менән, уны Мәңгелек Зат хозурына килтерҙеләр. Уға хакимлыҡ, хөрмәт һәм батшалыҡ бирелде. Бар халыҡтар, ҡәүем һәм ҡәбиләләр уға буйһондо. Уның хакимлығы – бөтмәҫ-төкәнмәҫ, мәңгелек хакимлыҡ. Уның батшалығы һис ҡасан емерелмәҫ. Мин, Даниил, хафаға ҡалдым – күргәндәрем мине ҡурҡытты. Мин, шунда баҫып торған берәү эргәһенә килеп, унан был хәлдәрҙең нимә аңлатҡанын һораным. Ул, мин күргәндәрҙең асылын төшөндөрөп, былай тине: «Был дүрт дәү януар ерҙә күтәрелеп сығасаҡ дүрт батшалыҡты аңлата. Һуңынан батшалыҡты Юғарыларҙан Юғарының изгеләре аласаҡ, уларҙың батшалығы мәңгенән-мәңгегә хакимлыҡ итәсәк». Шунан мин дүртенсе януарҙың – бүтәндәренә оҡшамаған, сағыштырғыһыҙ ҡот осҡос, тимер тешле һәм баҡыр тырнаҡлы, бар нәмәне ялмап ашап, емереп, ҡалғанын аяҡтары менән тапап барған йән эйәһенең нимә аңлатҡанын белергә теләнем. Шулай уҡ башындағы ун мөгөҙө, йәнә өс мөгөҙө аҡтарылып төшкәндән һуң үҫеп сыҡҡан яңыһы менән ҡыҙыҡһындым; был яңы мөгөҙҙөң күҙҙәре менән тәкәббер һөйләшеүсән ауыҙы булып, үҙе башҡаларына ҡарағанда ҙурыраҡ булып күренә ине. Мин мөрәжәғәт иткән теге зат яуап итеп былай тине: «Дүртенсе януар шуны аңлата: ерҙә башҡа батшалыҡтарға оҡшамаған дүртенсе батшалыҡ барлыҡҡа килер һәм донъялағы бөтә нәмәне ялмап ашап, тапап һәм емереп барыр. Ә ун мөгөҙ түбәндәгене белдерә: был батшалыҡта ун батша күтәрелеп сығыр, шунан элеккеләренә оҡшамаған йәнә бер батша пәйҙә булып, ул тегеләр араһынан өс батшаны ҡолатыр. Тора-бара ул Юғарыларҙан Юғарыға ҡаршы һүҙ һөйләр һәм Юғарыларҙан Юғарының изгеләрен ҡыҫырыҡлар, байрамдарҙы һәм ҡанунды үҙгәртергә ниәтләр. Изгеләр бер йылға, ике йыл да йәнә ярты йылға уның ҡул аҫтына бирелер. Һуңынан иһә хөкөм ултырышы башланыр, һәм был батшанан хакимлыҡ тартып алыныр, ул бөтөнләй юҡ ителер. Күк аҫтындағы бөтә батшалыҡтарҙың көс-ҡөҙрәте, хакимлыҡ хоҡуғы һәм бөйөклөк-олпатлығы Юғарыларҙан Юғарының изге халҡына бирелер. Ул батшалыҡ мәңгелек булыр, башҡа хакимдар уға буйһонор һәм баш һалыр». Ошо урында хикәйәт тамам. Мине, Даниилды, ҡурҡыу солғап алды, йөҙөм ҡараңғыланып китте. Мин быларҙың бөтәһен дә күңелемә һалып ҡуйҙым. Белшассар батша идара иткәндең өсөнсө йылында миңә, Даниилға, теге беренсеһенә өҫтәп, тағы бер күренмеш керҙе. Мин Ғелам өлкәһендәге Шушан ҡәлғәһендә, Улай йылғаһы буйындамын, имеш. Ҡараһам, яр башында бер һарыҡ тәкәһе тора, уның ике ҙур мөгөҙө бар. Һуңыраҡ үҫеп сыҡҡан мөгөҙө беренсеһенән ҡалҡыуыраҡ. Мин уның көнбайыш, төньяҡ һәм көньяҡ тарафтарға боролоп һөҙгәнен, уға бер ниндәй хайуандың да ҡаршы тора алмағанын күрҙем. Унан ҡотолоу юҡ; ул нимә теләй, шуны эшләй, торған һайын көсәйә бара. Мин был турала уйланып торған арала, көнбайыштан тотош ер йөҙөн иңләп килгән бер кәзә тәкәһе күренде. Уның тояҡтары ергә теймәй, ике күҙе араһында бик ҙур мөгөҙө бар. Ул мин яр буйында торғанын күргән ике мөгөҙлө һарыҡ тәкәһе яғына йүнәлде, асыу-ярһыу менән уға табан ынтылды. Мин уның һарыҡ тәкәһенә яҡынайғанын, ярһып уға ташланғанын һәм һөҙөп уның ике мөгөҙөн дә һындырғанын күрҙем. Һарыҡ тәкәһе уның алдында тороп сыҙай алманы: кәзә тәкәһе уны йығып тапай башланы – һарыҡ тәкәһен ҡотҡарырҙай һис кем юҡ ине. Кәзә тәкәһе шул тиклем көсләнде, көс-ҡеүәте хаттин ашты – шул саҡ уның ҙур мөгөҙө һынды ла уның урынына ер йөҙөнөң дүрт яғына ҡарап торған дүрт мөгөҙ үҫеп сыҡты. Уларҙың берәүһендә тағы бер мөгөҙ үҫеп сыҡты; тәүҙә ул бәләкәй генә ине, артабан үҫә-үҫә көньяҡҡа, көнсығышҡа һәм Гүзәл ил яғына йәйелде. Ул, күк көстәренә тиклем үҫеп етеп, уларҙың бер өлөшөн һәм йондоҙҙарҙың бер өлөшөн ергә ауҙарҙы һәм уларҙы тапап ташланы. Тора-бара, тәкәбберләнеп, күк ғәскәренең Башлығына тиклем барып етте: Уны көн дә килтерелә торған ҡорбандарҙан мәхрүм итте, Уның Изге торлағы булған урынды емерҙе. Көн дә килтерелә торған ҡорбандар артынса ғәскәр ҙә хурлыҡҡа дусар ителде. Ул хәҡиҡәтте ергә ауҙарҙы; үҙ ғәмәлдәрендә уңыш ҡаҙанды. Мин бер изгенең һөйләгәнен, ә икенсе изгенең һорағанын ишеттем: – Күренмештәге был хәлдәр – көндәлек ҡорбандар, һәләкәт килтергән фетнә, Изге торлаҡтың һәм күк ғәскәренең тапалыуға дусар ителеүе ҡасанға тиклем барыр? Тегеһе: – Ике мең дә өс йөҙ тапҡыр кистәр етеп таңдар атҡансы. Шунан Изге торлаҡ үҙенең асылдағы хәленә ҡайтарыласаҡ, – тип яуап бирҙе. Был күренмеште күргәс, мин, Даниил, уның мәғәнәһен төшөнмәк булып, башымды ҡатырып тора инем. Ҡапыл минең алдымда кеше ҡиәфәтендәге бер зат пәйҙә булды, һәм шул саҡ Улай йылғаһы өҫтөндә кемдеңдер: – Ябраил! Уға был күренмеште аңлатып бир, – тип әйткән тауышын ишеттем. Тегеһе мин торған ергә килде. Ул яҡынайғас, мин ҡурҡыуымдан йөҙтүбән ергә ҡапландым. Ул миңә: – Бел, эй әҙәм улы, был күренмеш – ахыр замандар тураһында, – тине. Ул миңә был һүҙҙәрҙе әйткәндә, мин аңымды юйып, йөҙтүбән ерҙә ята инем. Ул, миңә ҡағылып, аяғыма баҫтырҙы ла: – Хәҙер мин һиңә асыу көндәренең ахырында, ваҡыттарҙың аҙағында ни булырын әйтәсәкмен, – тине. – Һин күргән ике мөгөҙлө һарыҡ тәкәһе – Мадай һәм Фарсы батшалары. Ә кәзә тәкәһе – Яуан батшаһы ул. Уның ике күҙе араһындағы ҙур мөгөҙ – беренсе батша. Мөгөҙөнөң һыныуы һәм уның урынына башҡа дүрт мөгөҙ үҫеп сығыуы – ошо халыҡтан йәнә дүрт батшалыҡ барлыҡҡа киләсәгенә ишара, ләкин улар беренсе батшаныҡы һымаҡ көскә эйә булмаясаҡ. Был батшалыҡтарҙың ахырында, Ҡылған золомдары хаттин ашҡас, Оятһыҙ ҡарашлы, мәкергә оҫта батша тәхеткә ултырыр. Үҙ көсө менән булмаһа ла, Ул ныҡлап аяҡҡа баҫыр, Ҡот осҡос емереклектәр ҡылыр, Ғәмәлдәрендә уңыш ҡаҙаныр, Көслөләрҙе лә, мөҡәддәс халыҡты ла ҡырыр. Хәйләкәрлеге арҡаһында Мәкерле эштәрендә уңыш ҡаҙаныр, Үҙен бөйөктәргә тиңләр. Көтмәгәндә ул күптәрҙе харап итер, Хакимдарҙың Хакимына ҡаршы күтәрелер. Ләкин ул һәләк ителер – әммә кеше ҡулынан түгел. Был кистәр һәм таңдар тураһында һиңә иңгән күренмеш хаҡ. Тик һин күргәнеңде сер итеп һаҡла; ул – алыҫ киләсәк хаҡында. Мин, Даниил, шул тиклем ҡаҡшаным, хатта бер нисә көн ауырып яттым. Шунан тороп, йәнә батшаға хеҙмәт итә башланым. Күргән төшөмдән ҡотом алынып йөрөнөм, ләкин уның асылын аңламаным. Сығышы менән мадайҙарҙан булған Дарий Ахашверош улының халдейҙар батшаһы итеп ҡуйылыуының тәүге йылы. Мин, Даниил, Дарий хакимлығының тәүге йылында Яҙмаларҙан шуны аңланым: Раббының Йермеяһ пәйғәмбәргә әйткән һүҙенә ҡарағанда, Йәрүсәлим етмеш йылға ташландыҡ хәлдә ҡалырға тейеш. Мин Аллаға, бөйөк Хакимыма, мөрәжәғәт иттем; Уға доға ҡылдым һәм ялбарҙым, ҡыл туҡыма уранып һәм башыма көл һипкән килеш ураҙа тоттом. Мин, Аллам Раббыға доға ҡылып һәм гонаһтарыбыҙҙы танып, былай тинем: – Бөйөк Хакимым минең, ҡөҙрәтле һәм дәһшәтле Алла! Һин Үҙеңде һөйгән һәм Һинең бойороҡтарыңды үтәгән кешеләргә ҡарата килешеүеңде тоғро һаҡлайһың. Ә беҙ гонаһҡа баттыҡ, яҙыҡ юлға баҫтыҡ, яуыз ғәмәлдәр һәм бола ҡылдыҡ, бойороҡтарыңды һәм ҡанундарыңды кире ҡаҡтыҡ. Һинең исемеңдән беҙҙең батшаларға һәм хакимдарға, беҙҙең ата-бабаларыбыҙға, илебеҙҙең барлыҡ халҡына мөрәжәғәт иткән ҡолдарың пәйғәмбәрҙәрҙе тыңламаныҡ. Һин хаҡлыһың, бөйөк Хакимым минең, ә беҙ – Йәһүҙәнең һәм Йәрүсәлимдең, тотош Исраилдың халҡы Һиңә хыянат итеп гонаһ ҡылған өсөн Һин төрлө илдәргә һөргән, яҡын һәм алыҫ араларҙа йәшәгән һәммә кешеләр – оятҡа ҡалдыҡ. Эй Раббы! Беҙ, беҙҙең батшалар ҙа, хакимдар ҙа, беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ҙа оятҡа ҡалдыҡ, сөнки Һиңә ҡаршы гонаһ ҡылдыҡ. Бөйөк Хаким, Аллабыҙ, беҙ Һиңә ҡаршы баш күтәргән булһаҡ та, Һин рәхимле һәм беҙҙең гонаһтарҙы ғәфү итергә әҙер. Аллабыҙ Раббының һүҙенә ҡолаҡ һалманыҡ, Ул Үҙенең ҡолдары пәйғәмбәрҙәр аша беҙгә биргән ҡанундарҙы үтәмәнек. Тотош Исраил Һинең ҡануныңды тотманы – тыңларға теләмәйенсә, Һинән йөҙ сөйөрҙө. Шуға күрә Алла ҡоло Мусаның ҡанунында яҙылған ҡаты ләғнәт башыбыҙға төштө, сөнки беҙ Һинең алда гонаһ ҡылдыҡ. Һинең беҙҙең хаҡта һәм беҙҙең хакимдар хаҡында әйткән һүҙҙәрең ысынға сыҡты: Һин беҙҙең өҫкә ҙур афәт яуҙырҙың – Йәрүсәлимдәге кеүек хәлдең күктәр аҫтында булғаны юҡ ине әле. Беҙгә, Мусаның ҡанунында яҙылғанса, ошо бөтә бәләләр ябырылды, әммә беҙ ялбарыу менән Аллабыҙ Раббыға мөрәжәғәт итмәнек, үҙ гонаһтарыбыҙҙан ҡайтманыҡ, Уның хәҡиҡәтен таныманыҡ. Раббы ҡаза ебәреүҙе кисектермәне, беҙгә бәлә йүнәлтте. Аллабыҙ Раббы Үҙенең барлыҡ ғәмәлдәрендә лә хаҡ, ә беҙ Уға ҡолаҡ һалманыҡ. Эй бөйөк Хаким, Аллабыҙ беҙҙең, Һин ҡеүәтле ҡулың менән Үҙ халҡыңды Мысырҙан сығарҙың, Һинең исемең әлегәсә данлы, ә беҙ, гонаһ ҡылып, ғәйепкә ҡалдыҡ. Бөйөк Хакимым минең! Һин хаҡлыһың, әммә Үҙ асыуыңды һәм ярһыуыңды Үҙеңдең ҡалаң Йәрүсәлимдән, Үҙеңдең изге тауыңдан кире ҡайтарһаңсы. Беҙҙең гонаһтарыбыҙ һәм ата-бабаларыбыҙҙың ғәйептәре өсөн Йәрүсәлим менән Һинең халҡың тирә-яҡтағы бөтә халыҡтар алдында хурлыҡ кисерә. Эй Аллабыҙ, ҡолоңдоң доғаһын һәм ялбарыуын ишет – Үҙең хаҡына, бөйөк Хакимым, тар-мар ителгән Изге торлағыңды рәхмәтең менән нурландыр. Ҡолаҡ һал да, Аллам, ишет! Үҙ ҡарашыңды төбә – Һинең исемеңде йөрөткән ҡалабыҙҙың ни рәүешле емерелгәнен күр. Беҙ Һиңә ялбарабыҙ, үҙебеҙҙең тәҡүәлеккә түгел, ә Һинең оло рәхимлегеңә иҫәп тотабыҙ. Бөйөк Хакимым, ишет! Бөйөк Хакимым, кисер! Бөйөк Хакимым, ҡолаҡ һал! Беҙҙең үтенесебеҙҙе үтә, кисекмә – Үҙең хаҡына, Аллам минең, сөнки был – Һинең исемеңде йөрөткән Үҙеңдең ҡалаң һәм Үҙ халҡың. Үҙемдең һәм халҡым Исраилдың ҡылған гонаһтарын танып һәм доға ҡылып, мин, Аллам Раббыға, Алламдың изге тауы тураһында ялбарыу менән мөрәжәғәт итеп, шулай тинем. Шул саҡ, мин доға ҡылғанда, миңә ебәрелгән Ябраил – тәүге күренмешемдә күренгән зат – яныма етеҙ генә килде. Был хәл киске ҡорбан килтереү мәлендә булды. Миңә күрһәтмә биреп, ул былай тине: – Даниил! Мин һиңә иңгән күренмеште төшөндөрөргә килдем. Һин доға ҡыла башлау менән, һиңә яуап бирелде, һәм мин уны һиңә еткерер өсөн килдем, сөнки һин – Алланың һөйөклөһө. Был хәбәрҙе аңла һәм күренмештең асылына төшөн. Енәйәттәрҙе туҡтатыу, Гонаһығыҙ юйылһын, Ғәйебегеҙ йолонһон өсөн, Мәңгелеккә дөрөҫлөк урынлашһын, Күренмешең һәм пәйғәмбәрлегең Раҫланып мисәтләнһен, Иң мөҡәддәс урын изгеләнһен өсөн, Һинең халҡыңа һәм изге ҡалаңа Етмеш тапҡыр етешәр йыл ваҡыт билдәләнде. Бел һәм төшөн: Йәрүсәлимде аяҡҡа баҫтырырға һәм яңынан төҙөргә тигән хәбәрҙән алып, мәсехләнгән хаким килгәнгә тиклем ете тапҡыр етешәр йыл һәм тағы алтмыш ике тапҡыр етешәр йыл үтер – ошо ваҡыт эсендә оҙон соҡорҙары, урамдары менән ҡала аяҡҡа баҫтырылыр, ләкин былар афәтле йылдар булыр. Алтмыш ике тапҡыр етешәр йыл үткәс, мәсехләнгән хакимдың ғүмере киҫелер, уның менән бер кем ҡалмаҫ. Ҡала ла, Изге торлаҡ та киләһе хакимдың халҡы тарафынан тар-мар ителер. Алдан билдәләп ҡуйылған был һәләкәт туфан кеүек булыр, һуғыш бөткәнсе афәт дауам итер. Әлеге хаким күптәр менән ете йылға ныҡлы килешеү төҙөшөр һәм килешелгән ваҡыттың яртыһы еткәнсе үк ҡорбандарҙы һәм саҙаҡа килтереүҙәрҙе туҡтатыр, был урында Изге торлаҡты ташландыҡ хәлгә килтереүсе ерәнгес бер нәмә ҡуйыр – ҡыйратыусы алдан уҡ билдәләнгән ахыр көнөнә тарығанға тиклем дауам итер был. Фарсы батшаһы Кир хакимлығының өсөнсө йылында икенсе исеме Белтешассар булған Даниилға бер һүҙ асылды – оло һуғыш тураһында хаҡ хәбәр еткерелде. Даниил уның асылына үҙенә иңгән күренмеш аша төшөндө. Ул мәлгә мин, Даниил, өс аҙна инде ҙур ҡайғы кисерә инем. Ошо өс аҙна эсендә татлы ризыҡ ашаманым, ит менән шарапҡа тотонманым, тәнемә май һөртмәнем. Ә беренсе айҙың егерме дүртенсе көнөндә мин бөйөк Тигр йылғаһы буйында инем. Ҡарағайным – күрәм: етен кейем кейгән, билен Уфаз алтынынан яһалған билбау менән быуған бер зат тора. Уның тәне – һары яҡуттай, йөҙө – ялтыраған ялағайҙай, күҙҙәре – уттай балҡып, емелдәп тора, аяҡ-ҡулдары – ялтыратылған баҡыр шикелле, тауышы – күмәк кеше шаулағандай. Күренмеш мин, Даниилға ғына, иңде; ә минең янда булған кешеләр уны күрмәне. Әммә уларҙы бик ҡаты ҡурҡыу солғап алды, һәм улар ҡасып китеп йәшенеште. Мин бер үҙем ҡалдым һәм был бөйөк күренмеште бер үҙем күрҙем. Минең хәлем бөттө, быуындарым йомшарҙы, бәлтерәп төштөм. Уның тауышын ишеткәйнем, аңымды юғалтып, йөҙтүбән ергә йығылғанмын. Шул саҡ миңә бер ҡул ҡағылды һәм мине ерҙән күтәрҙе – мин, устарым менән ергә таянған килеш, тубыҡланып тора инем. Ул миңә: – Даниил, Алланың һөйөклөһө! Мин әйткәнде төшөнөргә тырыш. Тор, мин һинең яныңа ебәрелдем, – тине. Ул миңә шулай тине лә мин ҡалтырана-ҡалтырана аяғыма баҫтым. Ул миңә: – Ҡурҡма, Даниил. Аллаң алдында тыңлаусан булып, бөтә нәмәне төшөнөргә ынтыла башлаған тәүге көнөңдән үк һинең һүҙҙәрең барып ишетелде. Шул һүҙҙәрең арҡаһында мин бында килдем дә инде, – тине. – Фарсы батшалығының түрәһе егерме бер көн буйы миңә ҡаршылыҡ күрһәтте. Мин Фарсы иле батшалары менән йөҙгә-йөҙ торҙом, һәм юғары түрәләрҙең береһе Михаил миңә ярҙамға килде. Мин һиңә ахыр көндәрҙә халҡың менән ни булырын аңлатыр өсөн килдем, сөнки был күренмеш – ана шул көндәр тураһында. Ул миңә шулай тине, ә мин, ергә ҡарап, өнһөҙ торҙом. Шунан килеш-килбәте менән кешегә оҡшаған берәү иренемә ҡағылды. Мин, ауыҙымды асып, алдымда торған затҡа: – Хакимым! Күренмеш мәлендә мине тотош көҙән йыйырҙы, хәлһеҙлек солғап алды. Мин, хакимымдың ҡоло, һин хакимым менән һөйләшә алырмынмы һуң? Минең бит бөтөнләй көсөм бөттө, саҡ-саҡ тын алам, – тинем. Теге кешегә оҡшаған зат миңә йәнә ҡағылып көс бирҙе. Ул: – Эй Алланың һөйөклөһө, ҡурҡма! Тыныслан! Ҡыйыу бул, ҡыйыу бул! – тине. Ул ошо һүҙҙәрен әйткәндә миңә хәл керҙе. Мин: – Хакимым, һин миңә көс бирҙең, инде һөйлә, – тинем. Шунан ул минән: – Һинең яныңа ниңә килгәнемде беләһеңме? – тип һораны. – Хәҙер мин кире китәм, Фарсы иле түрәһе менән алышҡа сығам, ул еңелгәндән һуң, Яуан иле түрәһе килер. Әммә мин Хәҡиҡәт Китабында яҙылғанды һиңә еткерермен. Мине улар менән алышта бер кем дә ҡеүәтләмәй – фәҡәт хакимығыҙ Михаил ғына ярҙамлаша. Мадай батшаһы Дарий хакимлығының беренсе йылында иһә Михаилға мин таяныс һәм һаҡлаусы булғайным. Хәҙер мин һиңә хәҡиҡәтте хәбәр итәм. Фарсы илендә тағы өс батша идара итер, ә дүртенсеһе барыһынан да байыраҡ булыр. Байлығы ярҙамында бик тә ҡеүәтләнгәс, ул бөтәһен дә Яуан батшалығына ҡаршы күтәрер. Шунан һуң ҡеүәтле батша килер, ғәйәт ҙур ерҙәрҙә хакимлыҡ итер һәм үҙе ни теләй, шуны эшләр. Ләкин ул килеп идара итә башлағас, уның батшалығы тарҡалыр һәм ер йөҙөнөң дүрт яғына ҡараған өлөштәргә бүленер, уның вариҫтарына эләкмәҫ һәм ул идара иткән замандағы ише көслө булмаҫ. Уның батшалығы тартып алыныр һәм ситтәргә бирелер. Көньяҡ батшаһы көсәйер, ләкин уның бер етәксеһе унан көслөрәк булып китер һәм тағы ла киңерәк ерҙәрҙә хакимлыҡ итер. Йылдар үтер, һәм килешеү төҙөлөр. Был килешеүҙе нығытыр өсөн, көньяҡ батшаның ҡыҙы төньяҡ батшаға кейәүгә сығыр. Ләкин көньяҡ батшаның ҡыҙы хакимлыҡты үҙ ҡулында тота алмаҫ, хәйер, көньяҡ батша үҙе лә бирешер: шундай ваҡыт етер – ҡыҙ үҙе лә, уны оҙатып килгәндәр ҙә, уның балаһы ла, уны яҡлағандар ҙа юҡ ителер. Уның тамырынан үҫеп сыҡҡан үрентеләрҙең береһе тәхеткә ултырыр. Ул төньяҡ батша ғәскәренә ҡаршы сығыр һәм уның ҡәлғәһенә баҫып инер – уларға һөжүм итеп еңеү яулар. Ул төньяҡ батша кешеләренең илаһтарын да, ҡойолған һындарын да, затлы – алтын һәм көмөш – һауыт-һабаһын да ҡулына төшөрөр һәм Мысырға алып ҡайтып китер. Шунан һуң бер нисә йыл ул төньяҡ батшаһын борсомаҫ. Төньяҡ батша көньяҡ батшаның ерҙәренә баҫып инер, ләкин кире үҙ иленә сигенер. Уның улдары иһә, ҙур ғәскәр туплап, һуғыш башлар. Улар туфан һыуылай урғылып баҫып инер, алға эркелер һәм дошмандың ҡәлғәһенә тиклем барып етер. Көньяҡ батша, асыуы ҡабынып, төньяҡ батша менән һуғышҡа инер. Тегеһе ҙур сиреү туплар, әммә был ғәскәрҙәр дошман ҡулына тапшырылыр. Был ғәскәр еңелгәндән һуң, көньяҡ батша һауаланып китер. Ул тиҫтәләрсә мең яугирҙе юҡ итер, ләкин уңыштары оҙаҡҡа бармаҫ, сөнки төньяҡ батша яңынан элеккеһенән дә ҙурыраҡ ғәскәр йыйыр. Бер нисә йылдан ул ныҡ ҡоралланған күп һанлы яугирҙәре менән һөжүм итер. Ул замандарҙа күптәр көньяҡ батшаға ҡаршы күтәрелер. Һинең халҡың араһынан да фетнәселәр күренмеште үтәү йөҙөнән күтәрелгән булыр, ләкин уңышһыҙлыҡҡа осрар. Төньяҡ батша килер, уба өйөр һәм нығытылған ҡаланы баҫып алыр; көньяҡ батша ғәскәренең көсө етмәҫ, хатта иң ҡаһарман яугирҙәр ҙә түҙеп тора алмаҫ. Ә һөжүм иткән батша үҙе теләгәнде ҡылыр, уға бер кем ҡаршы тора алмаҫ. Ул Гүзәл илдә нығыныр, һәм ил тотош уның хакимлығында ҡалыр. Ул, тотош батшалығының бөтә ҡеүәтен туплап, көньяҡ батшалыҡҡа эйә булырға ниәтләнеп, үҙенең дошманы менән килешеү төҙөшөр һәм, уны харап итер өсөн, ҡыҙын уға кейәүгә бирер, ләкин был маҡсаты барып сыҡмаҫ, бынан уға бер ниндәй ҙә файҙа булмаҫ. Шул саҡ ул диңгеҙ буйы өлкәләренә йүнәлер һәм уларҙың күптәрен баҫып алыр, ләкин ундағы ғәскәр башлығы баҫҡынсының тәкәбберлегенә сик ҡуйыр, уның үҙ тәкәбберлеген үҙенә ҡаршы йүнәлтер. Төньяҡ батша үҙ иленең нығытмаларына табан кире боролор, ләкин еңелеүгә осрар, ҡолар һәм юҡҡа сығыр. Икенсе берәү тәхеткә ултырыр һәм, батшалыҡтың күркәмлеген һаҡлар өсөн, һалым йыйыусыны ил буйлап ебәрер. Бер аҙҙан был батша ла юҡ ителер, ләкин берәүҙең асыу-ярһыуынан йәки яуҙа түгел. Унан һуң тәхеткә батшалыҡҡа хоҡуғы булмаған бер хөрт әҙәм ултырыр. Ул көтмәгәндә килер һәм батшалыҡты хәйлә менән баҫып алыр. Уның алдында ғәскәрҙәр килешеү башлығы менән бергә, туфан кеүек, йыуып алып кителер һәм ҡыйратылыр. Килешеү төҙөшөп, ул мәкер ҡылыр. Кешеһе уның аҙ булыр, ләкин ул көс йыйыр. Көтмәгәндә өлкәнең иң уңдырышлы ерҙәренә барып сығыр һәм ата-бабалары ҡылмағанды ҡыла башлар. Ул талап алған табышты, байлыҡты бүлергә тотонор, нығытмаларға ҡаршы фетнә ҡорор, әммә был хәл оҙаҡ дауам итмәҫ. Ул үҙенең бөтә көс-дарманын көньяҡ батшаға ҡаршы йүнәлтер, уға ҙур ғәскәр менән барыр. Көньяҡ батша ҙур һәм бик көслө сиреү менән яуға сығыр, ләкин ҡаршы тора алмаҫ: уға ҡаршы мәкер ҡорорҙар. Батшаны уның өҫтәленән ашап-эскән кешеләр харап итер. Уның ғәскәре, туфанға тарығандай, йыуып алып кителер, күптәре һуғышта баш һалыр. Әлеге ике батша, мәкер уйлап, бер өҫтәл артына ултырыр һәм бер-береһенә ялған һүҙҙәр һөйләр, ләкин бер нәмә лә барып сыҡмаҫ, сөнки алдан билдәләп ҡуйылған ахыр сәғәте килеп етмәгән әле. Төньяҡ батша бай табыш менән ҡайтып китер һәм Изге килешеүгә ҡул һуҙмаҡ булыр, бының өсөн ғәмәлдәр ҡылыр. Шунан ул иленә ҡайтыр. Билдәләнгән ваҡытта ул йәнә көньяҡҡа йүнәлер, ләкин хәҙер инде элеккесә булмаҫ. Унда киттиҙәрҙең караптары килер, ул ҡурҡып кире сигенер. Уның Изге килешеүгә ҡарата асыуы ҡабарыр, һәм ул ниәтен бойомға ашырыу өсөн эш итә башлар. Ҡайтып барғанда, Изге килешеүҙән тайпылғандарға илтифатын күрһәтер. Уның ғәскәрҙәре, килеп, Изге торлаҡ нығытмаһын яулап алыр, уны нәжесләр, көндәлек ҡорбан килтереүҙе туҡтатыр һәм Изге торлаҡты ташландыҡ хәлгә килтереүсе ерәнгес нәмә урынлаштырыр. Килешеүгә хыянат иткәндәрҙе ул юхалап үҙенә ҡаратыр. Әммә үҙ Аллаһына тоғролар көслө булыр һәм уға ҡаршы торор. Аҡыл эйәләре халыҡҡа аң-белем бирер һәм бер аҙ ваҡыт ҡыҫырыҡлауға – ҡылыс һәм утҡа, әсирлек һәм талауға – дусар булыр. Ошо мәлдә улар бер аҙ ярҙам алыр, һәм күптәр уларға ҡушылыр, уларға ҡушылғандарҙың күбеһе ике йөҙлө булып сығыр. Аҡыл эйәләренең ҡайһы берәүҙәре, һынауҙар аша үтеп, таҙарынып һәм сафланып, ахыр заманаларға тиклем ҡыҫырыҡлауҙар ҡорбаны булыр, сөнки ахыр сәғәте етмәгән әле. Ә төньяҡ батша ни теләһә, шуны ҡылыр. Һауаланып китер, үҙен бар илаһтарҙан юғары ҡуйыр, аллалар Аллаһына ҡаршы әшәке һүҙ һөйләр. Ул уңышҡа өлгәшер, асыу көндәре үтеп киткәнсе шулай булыр, сөнки алдан билдәләнгән нәмә ҡылынмай ҡалмаҫ. Ул үҙ атайҙарының илаһтарын да, ҡатын-ҡыҙҙар яратҡан илаһты ла һанға һуҡмаҫ, башҡа бер ниндәй аллаға ла хөрмәт күрһәтмәҫ, сөнки үҙен барыһынан өҫтөн һанар. Улар урынына ул нығытмаларҙы ҡурсалаған илаһҡа – ата-бабалары күрмәгән-белмәгән илаһҡа – табыныр, алтын-көмөш, аҫыл таштар һәм бай саҙаҡа менән хөрмәтләр уны. Сит илаһ ярҙамы менән ул нығытылған ҡәлғәләрҙе емерер, ә үҙен бөйөк батша тип танығандарға оло хөрмәт күрһәтер, күптәр өҫтөнән идара итергә ҡуйыр һәм уларға бүләккә ерҙәр таратыр. Ахыр заманалар етер – һәм көньяҡ батша уға ҡаршы һуғыш башлар. Ләкин төньяҡ батша уға ҡаршы яу арбалары, һыбайлы яугирҙәре һәм бик күп караптары менән ҡойон һымаҡ ташланыр. Ул, туфандай, төрлө илдәр буйлап үтер һәм Гүзәл илгә килеп етер. Унан күптәр зыян күрер, әммә Эдом, Моав, шулай уҡ Ғаммон иленең байтаҡ өлөшө уның ҡулынан ҡотолоп ҡалыр. Ул үҙ хакимлығын бүтән илдәргә лә таратыр, хатта Мысыр ҙа ҡотола алмаҫ. Ул Мысырҙың затлы әйберҙәрен – алтын-көмөшөн һәм бар байлығын баҫып алыр; Ливия һәм Куш халыҡтары ла уның аяҡ аҫтында ҡалыр. Уны көнсығыштан һәм төньяҡтан килгән хәбәрҙәр ҡурҡытыр, һәм ул асыу-ярһыу менән, күптәргә емереклектәр һәм һәләкәттәр килтереп, шул яҡҡа йүнәлер. Ул диңгеҙ менән гүзәл изге тау араһында батша сатырҙары ҡорор. Ләкин уның ахыры килер, һәм уға бер кем дә ярҙам итмәҫ. Шул саҡ һинең халҡыңды яҡлаусы бөйөк хаким Михаил килер. Шунда кешеләр берләшеп халыҡ булғандан бирле бер кем дә татымаған афәттәр заманы башланыр. Был дәүерҙә һинең халҡыңдан исемдәре Китапҡа теркәлгән һәр бер кеше ҡотолоп ҡалыр. Ер ҡуйынында ятҡандар араһынан Күптәр уяныр: Берәүҙәр – мәңгелек тормош, Икенселәр – хурлыҡ һәм мәңгелек ерәнгес өсөн. Аҡыл эйәләре – ал таң нуры, Хаҡ юлға әйҙәүселәр йондоҙҙай, Мәңгелеккә, ғүмер баҡый балҡыр. Ә һин, Даниил, китапты мисәтләп ҡуй, был һүҙҙәрҙе ахыр көндәргә тиклем сер итеп һаҡла. Күп кешеләр шул ауыр осорҙоң асылына төшөнмәксе булып эҙләнеп йөрөр, яуызлыҡ ишәйер. Шунда мин, Даниил, күрҙем: йәнә икәү баҫып тора: береһе – йылғаның арғы яғында, икенсеһе – биръяҡта. Уларҙың берәүһе йылға һыуҙары өҫтөндә торған етен кейемле заттан: – Был ғәжәйеп хәлдәр ҡасан бөтөр икән? – тип һорай. Шунан мин йылға һыуҙары өҫтөндә торған етен кейемле заттың яуабын ишеттем. Ике ҡулын күккә күтәреп, ул Мәңге Йәшәүсе менән ант итте: – Барыһы ла бер йылдан, ике йылдан һәм ярты йылдан, изге халыҡтың көс-ҡеүәтен һындырыу туҡтағас тамамланыр. Мин тыңланым, ләкин аңламаным. Шуға ла: – Хакимым, нимә менән бөтәсәк һуң былар? – тип һораным. Ул былай тип яуап бирҙе: – Бар кит, Даниил, был ахыр заманаларға тиклем йәшерелгән һәм мисәтләнгән. Күптәр һынауҙар аша үтер һәм таҙарыныр-сафланыр, әммә яман әҙәмдәр яман ғәмәлдәрен ҡылыуын дауам итер. Яуыздарҙың береһе лә быларҙы төшөнмәҫ, аҡыл эйәләре иһә быларҙың бөтәһен дә аңлап алыр. Көндәлек ҡорбан килтереү юҡҡа сығарылып, ташландыҡ хәлгә килтереүсе ерәнгес нәмәне ҡуйған замандан алып бер мең дә ике йөҙ ҙә туҡһан көн үтер. Көтә белеп, бер мең дә өс йөҙ ҙә утыҙ биш көндөң үткәнен көтөп алғандар бәхетле булыр. Ә һин аҙаҡҡа тиклем үҙ юлың менән бар. Был донъянан китеп, ахыр заманаларҙа ҡабат терелгәс, насибыңды алырһың. Йәһүҙәлә Ғуззияһ, Йоҫам, Ахаз, Хизкияһ батшалар, Исраилда Йеһоаш улы Яровғам батша хакимлыҡ иткән йылдарҙа Беери улы Һошеяғҡа Раббы һүҙе булды. Бына Раббының Һошеяғҡа мөрәжәғәт итеп әйткән һүҙ башы. Раббы Һошеяғҡа былай тине: – Бар, үҙеңә фәхишә ҡатын һәм уның фәхештән тыуған балаларын ал, сөнки был ил, Раббыһына хыянат итеп, фәхешлеккә батты. Һошеяғ Дивлаимдың ҡыҙы Гомерҙы ҡатынлыҡҡа алды. Ҡатын ауырға ҡалып, уға бер ир бала табып бирҙе. Раббы Һошеяғҡа: – Балаға Изреғил тип исем ҡуш, сөнки Мин тиҙҙән Йеһу нәҫелен Изреғил үҙәнендә ҡойолған ҡан өсөн яуапҡа тарттырам һәм Исраил нәҫеленең батшалыҡ итеүенә сик ҡуям. Ул көндө Мин Изреғил үҙәнендә Исраилдың йәйәһен һындырам, – тине. Гомер, тағы ауырға ҡалып, ҡыҙ тапты. Раббы Һошеяғҡа: – Балаға Ло-Рухама тип исем ҡуш, сөнки бынан ары Исраил халҡына Минән мәрхәмәт юҡ, уларҙы ярлыҡамайым. Йәһүҙә халҡын иһә рәхмәтемдән айырмайым һәм ҡотҡарам – йәйә, ҡылыс, һуғыш менән түгел, аттар һәм һыбайлылар менән түгел, бәлки, Аллалары Раббы ҡулы менән ҡотҡарам уларҙы, – тине. Ло-Рухаманы имсәк ташлатҡандан һуң, Гомер йәнә ауырға ҡалып, ир бала тапты. Был юлы Раббы Һошеяғҡа: – Балаға Ло-Ғамми тип исем ҡуш, сөнки һеҙ Минең халҡым түгел, Мин дә һеҙҙең Аллағыҙ түгелмен, – тине. Әммә Исраил халҡы, диңгеҙ ҡомо һымаҡ, үлсәп тә, һанап та бөтөрә алмаҫлыҡ күп булыр. «Һеҙ Минең халҡым түгел», – тип әйтелгән урында уларға: «Һеҙ – тере Алланың балалары», – тиерҙәр. Йәһүҙә халҡы менән Исраил халҡы берләшеп, үҙҙәренә бер башлыҡ ҡуйыр һәм ерҙәрендә сәскә атыр, сөнки Изреғилдең көнө бөйөк бер көн булыр! Ир туғандарығыҙға: «Ғамми», ә ҡыҙ туғандарығыҙға «Рухама» тип өндәшегеҙ. «Әсәйегеҙҙе әрләгеҙ, әрләгеҙ, Сөнки башҡаса ул Минең ҡатыным түгел, Мин дә уның ире түгелмен. Әйҙә, ул йөҙөнән фәхешлекте, Ҡуйынынан хыянатты алып ташлаһын. Юҡһа Мин уны шәрә ҡалғансы сисендерермен, Инәнән тыуғандағы һымаҡ яланғас ҡалдырырмын. Сүллеккә, ҡоро тупраҡҡа әйләндереп, Һыуһыҙлыҡтан үлтерермен. Балаларына ла шәфҡәт күрһәтмәҫмен, Сөнки улар фәхештән тыуған балалар. Әсәләре зина ҡылды, Уларҙы тапҡан әсә үҙен хурланы. „Уйнаштарым артынан барам. Икмәгемде, һыуымды, йөнөмдө, етенемде, Зәйтүн майымды, эсемлегемде улар бирә“, – тине. Шуға күрә уның барыр юлын Сәнскәкле ҡыуаҡтар менән быуам; Ҡайҙа барырға ла белмәһен тип, Ҡаршыһына ҡойма ҡуям. Уйнаштары артынан ташланыр, Тик уларҙы ҡыуып етә алмаҫ; Эҙләргә тотонор, тик таба алмаҫ. Шул саҡ: „Үҙемдең элекке иремә ҡайтайым, – тиер. – Ул заман хәлем әлегенән яҡшыраҡ ине“. Әммә ул шуны белмәне: Уға ашлыҡты, яңы шарапты, Зәйтүн майын Мин биргәйнем. Бәғел илаһына сарыф иткән Алтын-көмөштө лә муллап Мин тотторҙом. Шуға күрә ураҡ мәле етһә, Игенемде, шарабымды тартып алам; Шәрә тәнен ҡаплар өсөн биргән Йөнөмдән, етенемдән яҙҙырам. Инде уйнаштарының алдында Уның оят ерен асам; Бер кем дә уны ҡулымдан ҡотҡара алмаҫ. Күңел асыуҙарына – байрамдарына, Яңы ай байрамдары, шәмбеләренә – Барлыҡ тантаналарына сик ҡуям. Ул йөҙөм баҡсалары, инжир ағастары хаҡында: „Былар – уйнаштарым түләгән хаҡ“, – тип маҡтана. Баҡсаларын ташландыҡҡа, шырлыҡҡа әйләндерәм; Ҡырағай януарҙарға ем буласаҡтар. Бәғел боттарына хуш еҫ төтәткән көндәре өсөн Мин уны язалаясаҡмын. Алҡа-мунсаҡтар тағып, һөйәрҙәре артынан йөрөнө, Ә Мине иһә онотто, – тип белдерә Раббы. Инде Мин уны, әүрәтеп, сүлгә алып китермен дә, Күңеленә үтерлек һүҙҙәр һөйләрмен. Шунан йөҙөм баҡсаларын ҡайтарып бирермен, Ғахор үҙәнен Өмөт ҡапҡаһына әйләндерермен. Шунда ул йәш сағындағы, Мысырҙан сыҡҡан көнөндәге һымаҡ яуап ҡайтарыр. Ул көндө, – тип белдерә Раббы, – Һин Миңә „Ирем“ тип өндәшерһең, Бынан ары Мине „Хужам“ тип әйтмәҫһең. Мин дә Бәғелдәрҙең исемдәрен Ауыҙыңдан алып ташлармын. Уларҙың исемдәре бүтән иҫкә алынмаҫ. Ул көндө Мин халҡым хаҡына Ҡырағай януарҙар, күктәге ҡоштар, Һөйрәлеүсе һәр тереклек менән килешеү төҙөрмөн. Был ерҙә йәйәне лә, ҡылысты ла, Һәр төрлө ҡоралды ла юҡ итермен, Халҡымды имен-аман йәшәтермен. Шул саҡта Мин һинең менән мәңгелеккә йәрәшермен: Хаҡлыҡ, ғәҙеллек, мөхәббәт һәм рәхимлектә Мин һинең менән никахлашырмын. Тоғролоҡта һиңә өйләнермен, Һин Раббыны танып белерһең. Ул көндө Мин яуап ҡайтарырмын, – дип белдерә Раббы, – Мин күккә яуап бирермен, Күк ергә яуап ҡайтарыр. Ер иһә ашлыҡҡа, шарапҡа һәм зәйтүн майына яуаплар, Ә улар Изреғилгә яуап бирер. Халҡымды ошо ерҙә Үҙем өсөн сәсермен, „Мәрхәмәт юҡ“ҡа мәрхәмәтемде күрһәтермен; „Халҡым түгел“ тип аталғанға: „Һин – Минең халҡым“, – тиермен, Ә ул Миңә: „Һин – минең Аллам“, – тип әйтер». Раббы миңә: – Башҡа бер ир менән уйнаш иткән ҡатыныңды әүәлгесә ярата бир – бүтән илаһтарға табынып, уларға саҙаҡа итеп килтерелгән йөҙөм көлсәләрен үҙ иткән Исраил халҡын Раббы ла шулай ярата, – тине. Шулай итеп, мин ун биш шекел көмөш һәм бер ярым хомер арпаға ҡатынымды һатып алдым да: – Миндә әле оҙаҡ йәшәрһең, тик уйнаш итмә, башҡа ир менән зина ҡылма – шул саҡта мин һинеке булырмын, – тинем. Был Исраил халҡы оҙаҡ ваҡыт батшаһыҙ һәм башлыҡһыҙ, ҡорбанһыҙ һәм табыныу бағаналарһыҙ, эфодһыҙ һәм йорт илаһтарыһыҙ йәшәйәсәк тигәнде аңлата. Шунан Исраил халҡы боролоп үҙҙәренең Аллаһы Раббыны, батшалары Дауытты эҙләйәсәк, Раббы һәм уның игелектәре алдында тетрәнеп, киләсәктә Уға әйләнеп ҡайтасаҡ. Эй исраилдар, тыңлағыҙ Раббы һүҙен: Раббы ошо ерҙәге кешеләр менән дәғүәләшә, Сөнки был ерҙә тоғролоҡ та, мөхәббәт тә, Алланы танып белеү ҙә юҡ. Ант боҙоу, алдау һәм үлтереш, Уғрылыҡ һәм аҙғынлыҡ хөкөм һөрә. Ҡан өҫтөнә ҡан түгелә. Шул арҡала ер иңрәр, бөтә тереклек әлһерәр, Ҡырағай януарҙар, күктәге ҡоштар, Хатта диңгеҙҙәге балыҡтар ҙа һәләк булыр. «Һис кем башҡа берәүҙе хөкөм итмәһен! Бер кем дә бүтәнгә ғәйеп ташламаһын. Минең дәғүәм һинең менән бит, эй ҡаһин. Һин көндөҙ абынырһың, Төндә пәйғәмбәр ҙә һинең менән бергә абыныр. Мин һинең әсәңде харап итәм – Халҡым белекһеҙлектән һәләк булды. Һин белемде кире ҡаҡҡан өсөн Мин дә һине кире ҡағам – Башҡа Миңә ҡаһинлыҡ итмәҫһең. Һин Аллаңдың ҡанунын оноттоң – Мин һинең балаларыңды онотормон. Ҡаһиндар күберәк булған һайын, Миңә ҡаршы гонаһтары арта барҙы. Шуға күрә Мин уларҙың данын Хурлыҡҡа әйләндерәсәкмен. Халҡымдың гонаһтары ҡаһиндарҙың ризығы булды, Улар кешенең яман ҡылығын теләп тора. Халыҡты ла, ҡаһиндарҙы ла бер тәҡдир көтә: Мин уларҙы ҡылғандары өсөн язалаясаҡмын, Ғәмәлдәренә күрә әжерен бирәсәкмен. Минең халҡым ағасҡа һорау бирә, Уға ағас таяҡ яуап ҡайтара! Сөнки фәхешлек рухы уларҙы юлдан яҙҙырҙы: Уйнаш итеп, үҙ Аллаһынан йыраҡлаштылар. Тау баштарында ҡорбан салалар, Ҡалҡыулыҡтарҙа – имән, тирәк, теребинҫ аҫтында Күләгәлә рәхәтләнеп хуш еҫ төтәтәләр. Бына ни өсөн ҡыҙҙарығыҙ фәхешлек итә, Килендәрегеҙ зина ҡыла. Әммә Мин ҡыҙҙарығыҙҙы уйнаш өсөн, Килендәрегеҙҙе зина өсөн язаламам – Ирҙәрегеҙ фәхишәләргә йөрөйҙәр, Уйнашсылар менән бергә ҡорбан килтерәләр. Аҡылын юғалтҡан халыҡ һәләк буласаҡ! Һин, Исраил, уйнаш итһәң дә, исмаһам, Йәһүҙә ғәйепкә тарымаһа ине. Гилгалға йөрөмәгеҙ, Бейт-Ауенға сыҡмағыҙ, Унда: „Тере Раббы шаһит!“ – тип ант итмәгеҙ. Исраил, ҡарышмал тана ише, тиҫкәре булды – Бынан ары Раббы уларҙы, сәхрәләге бәрәс ише, көтөрмө? Әфраим боттарына йәбешкән – ҡалдыр уны. Саҡ айный башланылармы, фәхешкә тотоналар, Уларҙың түрәләре аҙғынлыҡты ярата. Ел уларҙы үҙ ҡанатында өйрөлтөп алып китер. Үҙ ҡорбанлыҡтары ҡаршыһында хурлыҡҡа ҡалырҙар. Эй ҡаһиндар, тыңлағыҙ быны! Исраил йәмғиәте, ҡолаҡ һал. Эй батша йортондағылар, ишетегеҙ – Һеҙ бит хөкөм йөрөтөргә тейеш. Ә һеҙ Миспала – тоҙаҡ, Тавор тауында ҡоролған ау булдығыҙ, Шиттимдә тәрән соҡор ҡаҙҙығыҙ – Шуға күрә Мин һеҙгә яза булырмын. Әфраимды беләм Мин, Исраил Минең өсөн сер түгел; Һин фәхешлек итәһең, Әфраим, Исраил нәжесләнде. Ҡылған ғәмәлдәре уларға үҙ Аллаһына ҡайтырға бирмәй, сөнки фәхешлек рухы уларҙың эсенә инеп оялаған, Раббыны улар бар тип тә белмәй. Ләкин Исраилдың һауалылығы уға ҡаршы шаһит булыр: Исраил менән Әфраим үҙ намыҫһыҙлығынан һөрөнөр, Йәһүҙә лә улар менән бергә абынып йығылыр. Эре һәм ваҡ малдарын ҡыуалап, Раббыны эҙләп килерҙәр, ләкин таба алмаҫтар, сөнки Раббы уларҙы ташланы. Сит ҡатындарҙан бала таптырып, улар Раббыға хыянат итте. Хәҙер, Яңы ай байрамы булғанда, улар баҫыуҙары менән бергә һәләк булыр. Гивғала – мөгөҙ, Рамала борғо ҡысҡыртығыҙ, Бейт-Ауенда һөрән һалығыҙ: „Һинең артыңдан килдек, Бинйәмин!“ Әфраим яза көнөндә бушлыҡҡа әйләнәсәк – был дөрөҫ хәбәрҙе Мин Исраил ырыуҙары араһында тараттым. Йәһүҙә башлыҡтары ыҙан таштарын күсергән әҙәмгә тиң – улар өҫтөнә, һыу шикелле, асыуымды яуҙырам. Әфраим йәберләнгән, хөкөмдән тетрәнгән, сөнки ул юҡ-бар нәмәләр артынан эйәрергә тәүәккәлләне. Мин – Әфраим өсөн бер көйә, Йәһүҙә йорто өсөн үңәҙ шикелле. Әфраим – үҙенең сирен, Йәһүҙә эренле шешен күргәс, Әфраим Ашшурға юл тотто – Бөйөк батшаға илселәр ебәрҙе. Әммә был батша һеҙҙе шифалай алмаҫ, Эренле шешегеҙҙән дауаламаҫ. Сөнки Мин Әфраимға – арыҫлан, Йәһүҙә йортона йәш арыҫлан булам; Мин, Мин уларҙы киҫәктәргә өҙгөсләйем, Һөйрәкләгән сағымда ҡотҡарыусы табылмаҫ. Шунан китәм, Үҙемдең урыныма ҡайтам – Ғәйептәрен танығансы, Хәсрәткә батып Мине эҙләргә, Ихласлап эҙләргә тотонғансы». Был халыҡ шулай тиер: «Әйҙәгеҙ, Раббыға кире ҡайтайыҡ, Ул беҙҙе йыртҡысланы – Үҙе дауалар. Ул беҙҙе йәрәхәтләне – Үҙе ярабыҙҙы бәйләр. Ике көндән беҙҙе терелтер, Өсөнсө көнгә аяҡҡа баҫтырыр, Уның алдында йәшәрбеҙ. Әйҙәгеҙ, белем-тәжрибә туплап, Раббыны танып белергә ынтылайыҡ. Көн һайын таң атҡан һымаҡ, Уның килеүе ышаныслы. Ул ерҙе һуғарған шифалы ямғыр, Ҡойма ямғыр шикелле беҙгә килер». Раббы былай ти: «Эй Әфраим, һине нимә эшләтәйем? Йәһүҙә, һинең менән ни ҡылайым? Һеҙҙең тоғролоҡ бит – таңғы томан, Иртән юҡҡа сыҡҡан ысыҡ һымаҡ. Шуға һеҙҙе пәйғәмбәрҙәр һүҙе менән сапҡыланым. Ауыҙымдан сыҡҡан һүҙҙәрем менән үлтерҙем. Минең хаҡ хөкөмөм ҡояш һымаҡ балҡыр. Мин бит ҡорбан түгел, мөхәббәт теләйем. Тотош яндырыу ҡорбанынан бигерәк Алланы таныуығыҙҙы көҫәйем. Әммә улар Адам ҡалаһы янында килешеүҙе боҙҙо, Шунда Миңә хыянат итте. Ғилғәд – залимдар ҡалаһы, Ҡанлы эҙҙәр менән тулы. Ҡаһиндар өйөрө кешеләргә Боҫҡон ҡорған юлбаҫарҙар һымаҡ. Улар Шәхәм юлында кеше үлтерә, Һәр төрлө әшәкелектәр ҡыла. Исраил халҡы араһында Ҡот осҡос нәмәләр күрҙем: Әфраим фәхешкә батҡан, Исраил нәжесләнгән. Йәһүҙә, һин дә әжереңде аласаҡһың әле! Мин халҡымдың тәҡдирен үҙгәрткән саҡта, Исраилды дауаларға теләгән сағымда, Әфраимдың намыҫһыҙлығы, Самарияның яуызлығы асылды. Улар мәкер менән эш итә, Бурҙары өйҙәргә баҫып инә, Юлбаҫарҙары урамда талай. Яуызлыҡтарын хәтерләгәнем тураһында уйламайҙар. Гонаһтары үҙҙәрен уратып алған – Улар ҡасып ҡотола алмаҫ Минән. Батшаны – яуызлыҡтары, Түрәләрен ялған менән ҡыуандыралар. Аҙғынлыҡта улар мейес ише ҡыҙыу. Гүйә, ҡамыры күтәрелгәнен көтөп, Икмәксе мейесенә ут өҫтәп торорға онотҡан. Батша байрамында улар батшаны һәм түрәләрен Шарап ағыуын эсереп ауырыта. Ә батша һөмһөҙҙәргә ҡул һуҙа. Уға яҡынайған һайын, Мәкерле йөрәктәре мейестәй дөрләй, Улар бөтәһе лә мейес кеүек ҡыҙыу. Икмәксе төнө буйы йоҡлай – Таңға табан уның мейесе Ялҡынлы ут һымаҡ дөрләй. Улар барыһы, мейестәй ҡыҙып, Хакимдарын уттай йота, Бөтә батшалары ҡолап бөттө – Араларынан һис кем Мине саҡырмай. Әфраим башҡа халыҡтар менән буталышҡан, Әфраим әйләндерелмәгән көлсә һымаҡ. Уның ҡеүәтен башҡалар йотҡан – Ә ул быны һиҙмәгән дә. Сәстәренә сал төшкән – Ә ул быны белмәгән дә. Исраилдың тәкәбберлеге Үҙенә ҡаршы шаһитлыҡ ҡыла. Ләкин улар Аллалары Раббыға ҡайтманы, Хатта Уны эҙләмәне. Әфраим аңһыҙ, алйот күгәрсен һымаҡ булып, Йә Мысырҙы саҡыра, йә Ашшурға китә. Ләкин юлға сығыу менән, Мин баштарына ау ырғытырмын, Күктә осҡан ҡоштар кеүек уларҙы ергә төшөрәм – Йыйындарында белдергәнемсә, Мин уларҙы язаға тарттырам. Минән ситләштеләр – ҡайғы уларға, Миңә ҡаршы фетнә күтәрҙеләр – һәләкәт уларға! Мин уларҙы йолоп ала килдем, Улар иһә Минең хаҡта ялған һөйләй. Бөтә йөрәктән Мине саҡырыр урынға, Ятҡан түшәктәрендә үкереп илай. Икмәк менән шарап хаҡына үҙҙәрен имгәтәләр. Миңә һырттарын ҡуйҙылар. Баштарына аҡыл, ҡулдарына ҡеүәт бирҙем, Ә улар Миңә ҡаршы мәкер ҡора. Һис файҙаһыҙ нәмәләргә әйләнеп ҡайттылар, Яҙа атҡан йәйәгә оҡшап ҡалдылар. Етәкселәре маҡтансыҡ телмәрҙәре өсөн Яза ҡылысынан ҡыйылырҙар: Мысыр ерендә уларҙан Ана шулай әсе көлөрҙәр. Борғо ҡысҡыртырға әҙерлән! Раббының йорто өҫтөндә Гүйә бөркөт өйөрөлә – Сөнки исраилдар Минең менән килешеүҙе боҙҙо, Минең ҡануныма ҡаршы сыҡты. „Эй Аллам! Беҙ, Исраил, Һине таныйбыҙ!“ – тип Миңә ялбарырҙар. Исраил яҡшылыҡты инҡар итте – Дошман эҙәрләр уны. Ризалығымдан башҡа үҙҙәренә батша ҡуйҙылар, Миңә әйтмәй башлыҡ һайланылар. Үҙ баштарына һәләкәт юллап, Алтын-көмөштәренән боттар ҡойҙолар. Эй Самария, башмаҡ һының инҡар ителде! Асыу-ярһыуым уларға ҡаршы ялҡынланды – Улар бер саҡ таҙарына алырҙармы? Был бот – Исраилдың эше, Уны һөнәрсе яһаған, Ул – Алла түгел! Самарияның башмағы селпәрәмә ватылыр! Кем ел сәсә, шул ғәрәсәт урыр. Башаҡта ашлыҡ булмаһа, он да булмаҫ, Булһа ла уны яттар ашап бөтәсәк. Исраилды йоттолар! Ул хәҙер ҡәүемдәр араһында Бер файҙаһыҙ һауыт һымаҡ ҡалды. Башы һуҡҡан яҡҡа барған ҡырағай ишәк шикелле Ул Ашшур тарафына йүнәлде. Әфраим үҙенә уйнаштарҙы аҡса биреп һатып алды. Сит ҡәүемдәргә аҡса-бүләктәр бирһә лә, Мин хәҙер Үҙ халҡымды хөкөм өсөн йыйып алам. Күп тә үтмәҫ, яһаҡтың ауырлығынан Батша ла, түрәләр ҙә ҡалтырап төшөр. Әфраим гонаһ ҡорбаны килтерер өсөн Бихисап ҡорбан усаҡтары эшләне. Тик был ҡорбан усаҡтары уны гонаһҡа батырҙы. Мин уға бик күп ҡанундарымды яҙҙым, Ул иһә ят нәмә һымаҡ ҡабул итте. Бүләк итеп Миңә ҡорбан килтерәләр, Ҡорбан итен ашайҙар. Раббы уларҙы хуш күрмәй. Инде уларҙың яман ҡылыҡтарын иҫкә төшөрөр, Гонаһтарына күрә язалар, Улар йәнә Мысырға әйләнеп ҡайтыр. Бар ҡылыусыһын онотто Исраил, Һарай өҫтөнә һарай төҙөнө. Йәһүҙә лә ҡәлғәле күп ҡалалар һалды. Ләкин Мин уның ҡалаларына ут ебәрәм, Ҡәлғәләрен ялҡынға ем итәм». Ҡыуанма, Исраил, Бүтән халыҡтар һымаҡ, шатланма – Үҙ Аллаңдан ситләшеп, һин зина ҡылдың, Игенле һәр ырҙында фәхешлек итеп, хаҡ алырға яратаһың. Ырҙын менән йөҙөм һыҡҡыс халыҡты туйындырмаҫ, Яңы шарапҡа өмөттәре аҡланмаҫ. Раббы ерендә улар башҡаса ғүмер итмәҫ. Әфраим Мысырға ҡайтыр, Ашшурҙа нәжес ризыҡтар ашар. Раббыға түкмә ҡорбан ҡоймаҫтар, Ҡорбандарын Ул хуш күрмәҫ: Ҡорбандары хәсрәт икмәге һымаҡ булыр, Уны ашаған һәр кем нәжесләнер. Тәғәмдәре – тик үҙҙәре өсөн генә, Тик Раббы йортона индерелмәҫ. Тантаналы көндә, Раббының байрамында һеҙ нимә эшләрһегеҙ? Бәләнән ҡасһалар ҙа, Уларҙы Мысыр буйһондорор, Ноф ер ҡуйынына һалыр. Саф көмөшөн ҡый үләне баҫыр, Сатырҙарында сәнскәк үҫер. Ҡоһор көнө етте, Яза көнө килде – Белһен шуны Исраил! Ғәйебеңдең сикһеҙ күплеге, Дошманлығыңдың ҙурлығы арҡаһында, Пәйғәмбәрҙе – ахмаҡ, Рухлы әҙәмде диуана тип һанайһың. Пәйғәмбәр – Минең Алламдың Эфраимға ҡуйған һаҡсыһы; Әммә пәйғәмбәр ҡайҙа ғына барһа ла, Уның юлдарында – тоҙаҡ, Аллаһының йортонда дошманлыҡ көтә. Гивға көндәрендәге һымаҡ, Әфраимдар ҡот осҡос боҙоҡлоҡҡа тарыны. Раббы уларҙың ғәйептәрен иҫкә төшөрөр, Гонаһтары өсөн яза бирер. «Сүлдә йөҙөм ҡыуағы тапҡандай, Мин Исраилды таптым, Мин ата-бабаларығыҙҙы Емеше иртә өлгөргән инжир ағасылай күрҙем. Улар иһә Бәғел-Пеғорға килде, Күңелдәрен ерәнгес ботҡа бағышланы; Үҙҙәре лә яратҡан боттары һымаҡ Ҡәбәхәт хәлендә ҡалды. Әфраимдың күп һанлы нәҫеле – даны – Ҡош һымаҡ осоп китер: Тыуым да, йөккә уҙыу ҙа, яралыу ҙа булмаҫ. Бала табып үҫтерһәләр ҙә, Берәүһен бер иҫән ҡалдырмаҫмын, Уларҙы ташлап киткән сағымда Баштарына ҡайғы килер. Мин Әфраимды күргәндә, Көтөүлек ерендә ултыртылған Йәш хөрмә ағасы кеүек ине. Ә хәҙер Әфраим балаларын Йән ҡыйыусы алдына алып сығырға тейеш». Эй Раббым, уларға әжерен бир, Бала яралмай торған түлһеҙ ҡарын, Һөтһөҙ күкрәк бир. «Гилгалдағы бар залимлыҡтары өсөн Мин уларға шунда уҡ нәфрәтләнгәйнем. Ҡылған яуызлыҡтары өсөн Уларҙы йортомдан ҡыуып сығарам. Бүтәнсә уларҙы яратмайым – Бөтә башлыҡтары фетнәсел. Әфраим юҡ ителде! Тамырҙары ҡороно, Бүтәнсә емеш бирмәҫтәр. Хатта улар бала тыуҙырһа ла, Уларҙың ҡорһағында яралған Көтөп алған емештәрен юҡ итермен». Минең Аллам кире ҡағыр уларҙы, Сөнки Уға ҡолаҡ һалманылар. Шуға ла ҡәүемдәр араһында Толҡа тапмай гиҙәсәктәр. Исраил – мул тәлгәшле йөҙөм ҡыуағы, Емештәре лә бихисап уның: Емеше күп булған һайын, ҡорбан усаҡтары күбәйҙе; Тупрағы бәрәкәтле булғас, Табыныу бағаналары ла матурыраҡ. Йөрәктәре шылғаяҡҡа әйләнде – Инде ғәйептәре өсөн язаланасаҡтар: Раббы ҡорбан усаҡтарын туҙҙырып ташлар, Табыныу бағаналарын емерер. Инде улар: «Беҙҙең өҫтән батша юҡ, Раббынан беҙ ҡурҡмайбыҙ, Батша булһа ла, ҡулынан ни килер ине?» – тиҙәр. Уларҙың һүҙҙәре ялған, Килешеү төҙөшкәндә, алдап ант итәләр, Әммә баҫыу бураҙнаһындағы әрем ише, Хөкөм шытымы үҫеп сығыр. Самария кешеләре Бейт-Ауендағы башмаҡ бото өсөн борсолоп-ҡурҡып торор, Уның өсөн халыҡ йәш түгер; Боттоң алыҫлашҡан данын уйлап, Боттарға табынған ҡаһиндар ҙа ошо хаҡта һыҡтар. Уны ла бит Ашшурға алып китерҙәр, Бөйөк батшаға бүләк итерҙәр. Әфраим хурлыҡ кисерер, Исраил үҙ ниәтенән оятҡа ҡалыр. Самария менән уның батшаһы Һыу өҫтөндәге тапсыҡтай ағып китер. Исраилдың гонаһына сәбәп булған Бейт-Ауендың табыныу ҡалҡыулыҡтары юҡ ителер. Ҡорбан усаҡтарын билсән, сәнскәк баҫыр. Шунда тауҙарға: «Беҙҙе ҡаплағыҙ!», Ҡалҡыулыҡтарға: «Беҙҙең өҫтөбөҙгә ауығыҙ!» – тиерҙәр. «Һин, Исраил, Гивға дәүеренән һуң да Гонаһ ҡылыуыңды дауам иттең! Һаман шулай булып ҡалдың, Гивғалағы һуғыш Йүнһеҙ әҙәмдәрҙе ҡыуып етмәнеме ни? Ә хәҙер уларҙы Үҙем теләгәнсә язалайым: Халыҡтар уларға ҡаршы берләшер, Ике енәйәттәре өсөн Уларҙың аяҡ-ҡулы бәйләнер. Әфраим – өйрәтелгән, Ашлыҡ һуғырға әүәҫ башмаҡҡа оҡшаш. Мин уның зифа муйынына ҡалып кейҙерҙем. Йәһүҙә ер һөрөр, Яҡуп тырматыр. Хаҡлыҡ хаҡына сәсегеҙ, мөхәббәт урырһығыҙ. Сиҙәм ерҙе күтәрегеҙ, Сөнки Раббыны эҙләргә ваҡыт: Ул килер ҙә һеҙҙең өҫкә Ямғыр итеп хаҡлыҡ яуҙырыр. Тик һеҙ яманлыҡ иктегеҙ, Хәҙер золом ураһығыҙ; Ялғандың емешен ашанығыҙ – Сөнки үҙ ниәтегеҙгә, Бихисап яугирҙәрегеҙгә алдандығыҙ. Халҡың араһында буталыш башланыр, Нисек Шалман яу көнөндә Бейт-Арвелде емергән; Әсәләр балалар менән бергә киҫәктәргә тураҡланған, Шулай бөтә ҡәлғәләрең һәләк булыр. Эй Бейт-Ил, саманан тыш яуызлығың арҡаһында Һине бына ниндәй хәлдәр көтә: Таң һарыһында Исраил батшаһы юҡҡа сығасаҡ!» «Исраилды бала сағынан яраттым, Үҙ улымды Мысырҙан саҡырып алдым. Әммә уларҙы саҡырыуҙары булды – Минән киттеләр, Бәғелдәргә ҡорбан салдылар, Боттарға хуш еҫ төтәттеләр. Мин Әфраимды атларға өйрәттем, Уны ҡул өҫтөмдә йөрөттөм, Әммә ул Мин дауалағанды белмәне. Рәхимле бауҙар, Һөйөү арҡандары менән әйҙәнем – Муйынынан ҡалыбын һалдырҙым, Эйелеп ашарға бирҙем. Мәгәр Минән ситкә боролоғанға, Исраил халҡы Мысырға әйләнеп ҡайтмаҫмы? Ашшур уларҙың батшаһы булмаҫмы? Ҡалалары өҫтөндә ҡылыс ялтырар, Ҡаһиндарын ҡыйыр, ниәттәрен йотор. Халҡым гел Минән ситкә тайпылыу юлын ҡыуа, Улар һындарын „Бейек Алла“ тиҙәр, Ләкин был һын уларҙың береһен дә күтәрмәҫ. Нисек Мин һине ташлайым, Әфраим? Нисек Мин һинән баш тартайым, Исраил? Адмаға ҡаршы ҡылғанды нисек һиңә эшләйем? Нисек һине Севоимдай итәйем? Йөрәгем тулғана, Ҡыҙғанам Мин һеҙҙе. Юҡ, Мин ярһыуыма ирек ҡуймам, Әфраимды йәнә харап итмәм, Сөнки Мин Алламын, кеше түгел, Һеҙҙең арағыҙҙа Изгемен – Асыу менән өҫтөгөҙгә килмәм. Улар арыҫландай ырылдаған Раббы артынан эйәрер. Раббының үкереп ебәреүе булыр – Балалары көнбайыштан тетрәнеп ҡайтыр. Ҡоштар кеүек, ҡоттары осоп Мысырҙан, Күгәрсендәй Ашшур иленән ҡайтырҙар. Шул саҡ уларҙы өйҙәрендә төйәкләндерәм. Раббы шулай тип белдерә. Әфраим Мине ялған менән, Исраил нәҫеле мәкер менән уратты. Йәһүҙә генә әлегә Алла юлынан йөрөй, Изге Аллаға ул тоғро ҡалды». Әфраим ел елгәрә, Көнө буйы көнсығыш еле артынан ҡыуа, Ялған менән залимлыҡты ишәйтә, Ашшур менән килешеү төҙөй, Мысырға зәйтүн майы оҙата. Йәһүҙәгә лә Раббының дәғүәһе бар; Ҡылған ҡылыҡтары өсөн Яҡупҡа язаһын бирер Раббы; Ғәмәлдәренең әжерен бирер. Әсә ҡарынында туғанының үксәһенән тотто, Ир ҡоронда Алла менән алышты, Алла фәрештәһе менән көрәшеп еңде, Йәш түгеп фатиха ялбарҙы! Бейт-Илдә Алла менән осрашты, Унда Алла беҙҙең менән һөйләште. Раббы – Күк ғәскәрҙәре Аллаһы – Уның исеме – Раббы. Шуға күрә лә һин, Яҡуп нәҫеле, Аллаңа ҡайт, Мөхәббәт һәм ғәҙеллекте һаҡла, Һәр даим Аллаға өмөт бағла. «Ҡулына алдаҡ үлсәү тотҡан сауҙагәр Кешене отоуҙы яҡшы күрә. Әфраим былай ти: „Ысынлап та мин байыным, мал таптым; Бөтә ҡаҙанышымда гонаһ тип һаналырҙай Бер ниндәй ҙә ғәйеп таба алмаҫтар“. Әммә Мин Раббы Мысыр ерендә үк Һинең Аллаң булдым. Яңынан Мин һине байрам көнөндәге һымаҡ, Сатырҙарҙа йәшәтермен. Пәйғәмбәрҙәргә әйттем, Бик күп күренмештәр бирҙем, Пәйғәмбәрҙәр аша ғибрәтле хикәйәләр һөйләнем. Ғилғәд – золом, Кешеләре бер нәмәгә лә яраҡһыҙ. Гилгалда үгеҙҙәрҙе ҡорбан итеп салалар, Ләкин уларҙың ҡорбан усаҡтары Һөрөлгән баҫыуҙарҙың ситенә Сығарып ташланған таштарҙай булып ҡалыр». Яҡуп Арам еренә ҡасып киткәйне, Исраил ҡатыны хаҡына эшләгәйне – Мал көткәйне. Пәйғәмбәре аша Раббы Исраилды Мысыр иленән сығарҙы, Пәйғәмбәре аша уларҙы һаҡлап йөрөттө. Раббыны Әфраим бик ныҡ ярһытты: Бөйөк Хакимы ул түккән ҡанды үҙенең башына төшөрөр, Үҙен һанламаған өсөн әжерен бирер. Әфраим һөйләгән саҡта, барыһы ла тетрәп торҙо, Исраилда ул юғары дәрәжәлә ине, Әммә Бәғелгә табынып ғәйепкә батты һәм харап булды. Инде гонаһ өҫтөнә гонаһ ҡылалар, Көмөштән үҙҙәре белгәнсә бот ҡоялар. Был боттар һәммәһе һөнәрселәр эше! Әфраимдар тураһында: «Ҡорбан килтергән кешеләр Башмаҡ һынын үбә!» – тиҙәр. Шуның өсөн улар таңғы томан һымаҡ булыр, Иртәнсәк кипкән ысыҡҡа оҡшап ҡалыр, Ырҙындан ел осорған кәбәктәй ғәйеп булыр, Мөрйәнән сыҡҡан төтөнгә оҡшап ҡалыр. «Мин – Раббы, һинең Аллаңмын. Мысыр еренән һине алып сыҡтым. Һин Минән башҡа алланы белмәҫһең, Минән башҡа ҡотҡарыусың юҡ. Мин һиңә сүлдә, Ҡоро ерҙәрҙә күҙ-ҡолаҡ булдым. Көтөүлек булғанда – туйындығыҙ, Тамағығыҙ туйғас, эреләнеп Мине оноттоғоҙ. Һеҙҙең өсөн Мин арыҫлан булырмын, Ҡаплан һымаҡ юлда һағалармын. Балаларынан мәхрүм ҡалған Инә айыу һымаҡ һөжүм итермен, Йөрәктәрен йыртып асырмын. Арыҫландай һоғонормон Мин уларҙы, Ҡырағай януар ише өҙгөсләрмен. Һәләк иттең үҙеңде, Исраил – Сөнки ярҙамсың Мин генә инем. Ҡайҙа һинең батшаң? Ҡалаларыңда, әйҙә, һине ҡотҡарһын. „Миңә батша менән башлыҡтар бир“, – Тип таптырған хакимдарың ҡайҙа? Асыулы сағымда Мин һиңә батша бирҙем, Ярһығанда уны тартып алдым. Әфраимдың ғәйебе төйөнгә төйнәлгән, Уның гонаһы хәтерҙән юйылмаған. Тулғаҡ мәле еткәс, Ул – аҡылһыҙ бала! – Тыуымға килеп етә алмайса аҙаплана. Мин әфраимдарҙы үлеләр донъяһынан ҡотҡарырмынмы? Уларҙы үлемдән йолоп алырмынмы? Эй әжәл, ҡайҙа һинең үләттәрең? Эй үлеләр донъяһы, емереклектәрең ҡайҙа? Мин ҡыҙғаныуҙы белмәйем! Әфраим үҙ туғандары араһында Иң түллеһе булһа ла, Көнсығыш еле, сүллектән иҫкән Раббы еле күтәрелер: Шул саҡ инештәре кибер, Шишмәләре ҡороп ҡалыр. Хазинаһы юҡҡа сығыр, Бар зиннәттәренән яҙыр». Самария ғәйебенә күрә язаһын күтәрер, Сөнки Аллаһына ҡаршы баш күтәрҙе: Уның халҡы ҡылыстан һәләк булыр, Сабыйҙары киҫәктәргә тураҡланыр, Йөклө бисәләрҙең ҡорһаҡтары бүҫелер. Исраил, Аллаң Раббыға әйләнеп ҡайт – Яуызлығың арҡаһында абындың һин. Доға һүҙҙәрен алып, Раббыға ҡайтығыҙ. Уға: «Һәр ғәйебебеҙҙе кисерә күр – Яҡшылығыбыҙҙы ҡабул ҡыл! Беҙ һиңә вәғәҙә биргәнебеҙсә, Ҡорбанға тип үгеҙҙәр салырбыҙ. Ашшур беҙҙе ҡотҡара алмаҫ, Беҙ аттарға атланмаҫбыҙ, Үҙ ҡулыбыҙ менән яһаған әйберҙәрҙе Аллаларыбыҙ тип атамаҫбыҙ. Етем Һинән мәрхәмәт күрәсәк!» – тип әйтегеҙ. Раббы былай ти: «Мин уларҙы хыянаттан дауалармын, Ихлас һөйөү менән яратырмын, Сөнки уларға булған асыуым ҡайтты инде. Мин Исраилға ысыҡ һымаҡ булырмын, Ул лилиә кеүек сәскә атыр, Ливан ағастары һымаҡ тамыр йәйер, Үренделәре төрлө яҡҡа таралыр. Ул зәйтүн ағасы һымаҡ гүзәл булыр, Ливан кедрылай хуш еҫ аңҡытыр. Күләгәһендә көн күргәндәр әйләнеп ҡайтыр, Иген игер, йөҙөм ағасындай сәскә атыр, Дандары Ливан шарабыныҡы һымаҡ булыр. Әфраим әйтер: „Боттарҙың миңә ни кәрәге бар?“ Мин яуап ҡайтарырмын, уға ҡарармын: „Мин – мәңге йәшел кипарис һымаҡмын. Һинең бөтә емештәрең – Минән“». Аҡылы бар – аңлап белһен шуны, Зирәк – асылына төшөнһөн. Раббы юлы тура, тәҡүәләр шунан йөрөй, Ә гонаһлылар унда абына. Йоил Пеҫуил улына Раббы һүҙе булды. Эй аҡһаҡалдар, тыңлағыҙ, Ошо ерҙә ғүмер итеүселәр һәр берегеҙ Әйткәндәремә ҡолаҡ һалығыҙ! Һеҙҙең йәки аталарығыҙҙың заманында Ошондай хәлдең булғаны бармы? Был турала балаларығыҙға һөйләгеҙ; Балаларығыҙ – үҙ балаларына, Ул балалар килер быуындарға еткерһен. Күс-күс булып оса саранча! Беренсе күс ашап бөтмәгәнде, Икенсеһе, өсөнсөһө йыпыра; Ә уларҙан нимә тороп ҡала, Шуны дүртенсе күс ҡырып һала. Эй һеҙ, эскеселәр, уянығыҙ ҙа илағыҙ; Эй шарап яратыусылар, зар илағыҙ: Шарап ауыҙығыҙҙан тартып алынды. Сөнки еремә иҫәпһеҙ-һанһыҙ Ҡеүәтле бер ҡәүем ябырылды. Тештәре арыҫландыҡы кеүек үткер, Инә арыҫландыҡы һымаҡ аяуһыҙ. Йөҙөмдәремде харап иттеләр, Инжир ағасымды кимерҙеләр, Ҡайырыһына тиклем мөнйөп бөттөләр, Бары ҡыу ботаҡтары ағарып ҡалды. Йәрәшелгән йәрен юғалтып, Хәсрәт кейеме кейгән йәш ҡыҙ һымаҡ илағыҙ. Раббы ҡорамына икмәк саҙаҡаһы ла, Түкмә ҡорбан да килеүҙән туҡтаны. Ҡаһиндар – Раббы хеҙмәтселәре – ҡайғыра. Баҫыуҙар харап булды, иңрәй тупраҡ, Сөнки иген юҡ ителде, йөҙөм һуты кипте, Зәйтүн майы ҡороно. Бойҙай менән арпа өсөн, Эй игенселәр, көйәләнегеҙ! Илағыҙ, баҡсасылар, йәш түгегеҙ, Сөнки бөтә уңыш юҡҡа сыҡты. Йөҙөм һәм инжир ағастары ҡороно, Анар, хөрмә, алма – барыһы ла кипте! Кешеләр араһынан һөйөнөс юҡҡа сыҡты. Эй ҡаһиндар, хәсрәт кейеме кейеп илағыҙ. Һыҡтағыҙ, ҡорбан усағында хеҙмәт иткәндәр! Алламдың хеҙмәтселәре, Алла йортона килегеҙ, Хәсрәт кейеменә уранып, унда ҡунығыҙ! Сөнки Аллағыҙҙың ҡорамынан Икмәк саҙаҡаһы менән түкмә ҡорбан юҡ булды. Изге ураҙа иғлан итегеҙ, йыйын саҡырығыҙ! Аҡһаҡалдарҙы һәм илдә йәшәүселәрҙең барыһын Аллағыҙ Раббының йортона йыйығыҙ, Раббыға ялбарығыҙ. О, ул көн! Раббы көнө яҡын! Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе күндергән Һәләкәт булып килә ул! Күҙ алдында ризығыбыҙ юҡ ителде, Аллабыҙ йортонан һөйөнөс һәм шатлыҡ китте. Ҡоро тупраҡ аҫтында орлоҡтар кибеп ҡалды. Келәттәр буш, ырҙын емерелде, Сөнки һаҡларға ашлыҡ юҡ. Ҡайһылай баҡырыша мал-тыуар! Ҡабыр үлән, утлар көтөүлекһеҙ Темеҫкенеп йөрөй башмаҡтар, Кәзә-һарыҡ көтөүҙәре ыҙалана. Йә Раббы, Һиңә ялбарам! Далалағы көтөүлектәр көйөп бөттө, Ҡырҙағы барлыҡ ағастарҙы ялҡын ялманы. Ҡырағай хайуандар ҙа Һине саҡыра, Сөнки ағын һыуҙар ҡороно; Далалағы көтөүлектәр утҡа көйҙө. Мөгөҙ ҡысҡыртығыҙ Сионда, Изге тауымда хәүеф иғлан итегеҙ. Илдә йәшәгән һәр кем тетрәнһен! Сөнки Раббы көнө килә, ул бик яҡын. Дөм ҡараңғы бер көн, Болотло, ҡап-ҡара көн булыр ул! Бер ғәскәр килер Тауҙар өҫтөнә йәйелгән таңғы нур һымаҡ; Иҫәпһеҙ-хисапһыҙ ҡеүәтле бер сиреү. Быға тиклем ундайҙың һис булғаны юҡ, Бынан һуң килер быуындар ҙа ундайҙы күрмәҫ. Алдарынан – ялҡын ялмап бара, Арттан ут көйрәтеп ҡала; Ғедән баҡсаһылай күркәм ерҙәр Улар үткәндән һуң бушлыҡҡа әйләнә. Һис нәмә уларҙан ҡотола алмай. Ҡиәфәттәре атҡа оҡшаған, Һуғыш аттары кеүек сабалар. Шулай тау армыттарынан Яу арбалары гөрһөлдәп елә; Шулай һаламды ялмаған ут сытырҙай, Шулай олоғара ғәскәр Саф-саф теҙелеп алышҡа килә. Халыҡтар улар алдында ҡалтырап төшә, Ҡурҡыуҙан йөҙҙәре ағарып ҡата. Улар яугир һымаҡ һөжүм итә, Диуарға һуғышсылай тырмашып менә. Һәр кем үҙ урынын белә, Берәү ҙә һуҡмағынан тайпылмай. Бер-береһен этмәй-төртмәй, Сафтарҙы боҙмай туп-тура елә, Ҡоралдар араһынан йырып үтәләр, Уларҙы туҡтатыу мөмкин түгел. Ҡалаға бәреп керәләр, Диуар буйлап йүгерәләр, Тәҙрәләрҙән ҡараҡ кеүек Өйҙәргә үрмәләйҙәр. Ҡаршыларында ер ҡалтыраныр, Дер һелкенер күктәр. Ҡояш менән ай ҡарайыр, Йондоҙҙарҙың нуры шиңер. Раббы Үҙ ғәскәренең алдында һөрән һалыр. Иҫәпһеҙ-һанһыҙ Уның сиреүе. Уның һүҙен үтәүселәр ҡеүәтле. Раббының көнө бөйөк, дәһшәтле! Быға кем түҙә алыр? Тик Раббы хатта ошо мәлдә лә: «Ураҙалар тотоп, илап, йәш түгеп Ысын йөрәктән Миңә кире ҡайтығыҙ, – тип саҡыра. – Кейемегеҙҙе түгел, Йөрәгегеҙҙе йыртығыҙ. Аллағыҙ Раббыға ҡайтығыҙ. Сөнки Ул мәрхәмәтле, рәхимле; Ул – сикһеҙ түҙемле, оло мөхәббәтле, Ул билдәләнгән ҡазаны күндермәҫкә шат булыр. Кем белә, бәлки, һеҙҙе йәлләр ҙә ниәтенән кире ҡайтыр, Артынса бәрәкәт бирер, Ул саҡта Аллағыҙ Раббыға икмәк саҙаҡалары, Түкмә ҡорбандар килтерерһегеҙ. Борғо ҡысҡыртығыҙ Сионда, Изге ураҙа иғлан итегеҙ, йыйын саҡырығыҙ! Халыҡты йыйығыҙ, Уларҙы изге йыйынға саҡырығыҙ: Ҡарттар ҙа, балалар ҙа йыйылһын, Имсәк имгән сабыйҙар ҙа ҡалмаһын; Кейәү менән кәләш тә бүлмәләренән сыҡһын. Ҡаһиндар – Раббы хеҙмәтселәре – илап, Ҡорамдың айуаны менән ҡорбан усағы араһында: „Йә Раббы, халҡыңды йәллә, – тип ялбарһын. – Үҙ биләмәңде хурлыҡҡа төшөрмә, Сит ҡәүемдәрҙең көлкөһөнә ҡалдырма. ‘Ҡайҙа уларҙың Аллаһы?’ – тимәһендәр“». Шул заманда Раббы, Үҙ ере өсөн әрнеп, халҡын ҡыҙғаныр. Раббы халҡына былай тип яуап бирер: «Бына Мин һеҙгә ашлыҡ, яңы шарап, Зәйтүн майы бирермен. Шуларҙы туйғансы ашап-эсерһегеҙ. Башҡаса ҡәүемдәр араһында Һеҙҙе оятҡа ҡалдырмам. Төньяҡтан ябырылған дошманды Һеҙҙән алыҫҡа ҡыуырмын. Уны ҡыуан ерҙәргә, сүллеккә, Алдан килгәнен – көнсығыш диңгеҙгә, Арттағыһын көнбайыш диңгеҙгә быраҡтырырмын. Үләкһәләренән ҡот осҡос һаҫыҡ еҫ таралыр». Ысынлап та Раббы бөйөк эштәр ҡыла! Эй тупраҡ, ҡурҡма, ҡыуан, рәхәтлән, Раббы бөйөк эштәр башҡарҙы! Эй ҡыр йәнлектәре, ҡурҡмағыҙ! Далалағы көтөүлектәр йәшелләнер, Ағастар емеш бирер, Инжир менән йөҙөм ишелеп уңыр. Эй Сион халҡы, Аллағыҙ Раббыла һөйөнөс-шатлыҡ табығыҙ! Ул һеҙгә игелеккә көҙгө ямғырҙы бирҙе; Элеккесә көҙгө ямғырҙы ла, Яҙғы яуынды ла муллап ебәрҙе. Ырҙындарығыҙ ашлыҡҡа тулы булыр, Һыҡҡыстарҙан шарап менән зәйтүн майы ташып ағыр. «Ябырылған саранчалар сиреүенең, Күс-күс саранчалар рәүешендә Һеҙгә ебәрелгән бөйөк ғәскәремдең Ҡырып ашап бөткәнен артығы менән бирәм. Туйғансы рәхәтләнеп ашарһығыҙ, Һеҙҙең өсөн мөғжизәләр ҡылған Аллағыҙ Раббының исемен данларһығыҙ. Халҡым башҡа бер ваҡытта ла хурлыҡҡа ҡалмаҫ. Белерһегеҙ, Исраил халҡы араһындамын, Мин – Раббы, һеҙҙең Аллағыҙ, башҡаһы юҡ. Халҡым башҡа бер ваҡытта ла хурлыҡҡа ҡалмаҫ! Бынан һуң Мин барлыҡ кешеләргә Үҙемдең Рухымды яуҙырырмын. Улдарығыҙ, ҡыҙҙарығыҙ пәйғәмбәрлек итер, Ҡарттарығыҙ әүлиә төштәр күрер, Йәштәрегеҙгә илаһи күренмештәр иңер. Ул көндәрҙә Үҙ Рухымды хатта Ир һәм ҡатын ҡолдарға ла яуҙырырмын. Күктә һәм ер йөҙөндә хикмәтле билдәләр күрһәтермен: Ҡан, ут һәм төтөн бағаналары күренер. Раббының бөйөк һәм дәһшәтле көнө килерҙән алда Ҡояш – ҡараңғылыҡҡа, ай ҡанға әйләнер! Ул заманда Раббыны исеме менән саҡырғандар барыһы ла ҡотолор, сөнки, Раббы әйткәнсә, Сион тауында һәм Йәрүсәлимдә ҡотолоп иҫән ҡалыусылар һәм улар араһында Раббы Үҙе саҡырғандар булыр. Шул көндәрҙә, Йәһүҙә һәм Йәрүсәлимгә Әүәлге мул, имен тормошон кире ҡайтарам. Бөтә халыҡтарҙы йыйып, Йеһошафат үҙәненә килтерәм. Үҙемдең халҡым, биләмәм Исраилға ҡаршы Ҡылған ғәмәлдәре өсөн уларҙы хөкөмгә тарттырам. Сөнки халҡымды башҡа ҡәүемдәр араһына тараттылар, Еремде үҙ-ара бүлешеп алдылар. Улар халҡымды йәрәбә ташлап бүлделәр, Ир балаларҙы фәхишәгә хаҡ итеп бирҙеләр, Шарап өсөн ҡыҙҙарҙы һаттылар. Эй Тир һәм Сидон ҡалалары, Пелешеҫ ерендәге бөтә өлкәләр! Миңә ҡаршы нимә эшләмәк булаһығыҙ? Әллә ҡон ҡайтарырға уйлайһығыҙмы? Ул сағында, ҡара уны, ҡылғанығыҙҙы бик тиҙ, йәһәт кенә үҙ башығыҙға төшөрөрмөн. Сөнки Минең көмөшөмдө, алтынымды алдығыҙ, иң гүзәл ҡомартҡыларымды илаһтарығыҙҙың ҡорамдарына индереп ҡуйҙығыҙ. Йәһүҙә менән Йәрүсәлим халҡын, тыуған ерҙәренән айырып, яуандарға һаттығыҙ. Хәҙер Мин уларҙы һеҙ һатып ебәргән ерҙәрҙән кире ҡайтарам, уларға ҡылған золомоғоҙҙо үҙ башығыҙға төшөрәм. Ул-ҡыҙҙарығыҙҙы Йәһүҙә халҡына һатырмын, ә улар алыҫ ҡәүемгә – шеваларға һатып ебәрер, – ти Раббы. – Халыҡтарға былай тип иғлан итегеҙ: „Һуғышҡа әҙерләнегеҙ, Батырҙарҙы яуға саҡырығыҙ. Яугирҙәрегеҙ, тупланып, һөжүмгә күсһен. Төрәндәрегеҙҙән ҡылыс, Урағығыҙҙан һөңгө башаҡтары ҡойоғоҙ. Хатта иң көсһөҙө лә: ‘Мин ҡеүәтле!’ – тиһен. Эй эргә-тирәләге ҡәүемдәр, Тиҙерәк килеп бер урынға тупланығыҙ“». Йә Раббы, батырҙарыңды шунда ебәр. «Ҡәүемдәр күтәрелеп килһендәр, Йеһошафат үҙәнендә йыйылһындар. Мин шул ерҙә ултырырмын, Һәммә халыҡтарға хөкөм сығарырмын». Ураҡ алығыҙ – иген өлгөргән. Килегеҙ, тапағыҙ – йөҙөм һыҡҡыс тулған, Һауыттар ашып түгелә. Ҡәүемдәрҙең залимлығы шулай хаттин ашҡан. Өйөр-өйөр халыҡ – Хөкөм үҙәнендә. Хөкөм үҙәненә Раббы көнө яҡынлаша! Ҡояш менән ай ҡарайыр, Йондоҙҙарҙың нуры һүнер. Раббы Сиондан күкрәр, Йәрүсәлимдән гөрһөлдәр, Күк менән ер тетрәп торор. Әммә Раббы Үҙ халҡы өсөн – ышыҡ, Исраилдар өсөн ҡәлғә булыр. «Шунда Минең Раббы – Мөҡәддәс тауым Сионда төйәкләнгән Аллағыҙ икәнемде белерһегеҙ. Йәрүсәлим изге урын булыр; Ят ҡәүемдәр бүтән уның аша үтә алмаҫ. Ул көндәрҙә былай булыр: Тауҙарҙан татлы шарап, Ҡалҡыулыҡтарҙан һөт ағып торор; Йәһүҙәнең һәр йырынына һыу тулыр. Раббы ҡорамынан ағып сыҡҡан шишмә Шиттим үҙәнен һуғарыр. Йәһүҙәнең халҡын яфалаған, Ғәйепһеҙ кешеләрҙең ҡанын түккәнгә күрә Мысыр харабаға әйләнер, Эдом буш далаға әүерелер. Йәһүҙә – мәңгелеккә, Йәрүсәлим быуындан-быуынға ҡалыр. Уларҙың түгелгән ҡаны өсөн үс алырмын, Ғәйеплене язаһыҙ ҡалдырмам. Раббы Сионда йәшәр!» Теҡоғала һарыҡ үрсетеүселәрҙең береһе булған Ғамостың һүҙҙәре. Йәһүҙә батшаһы Ғуззияһ һәм Исраил батшаһы Йеһоаш улы Яровғам хакимлыҡ иткән осорҙа, ер тетрәрҙән ике йыл алда, Ғамосҡа Исраил тураһында күренмеш булды. Ғамос былай тине: «Сиондан гөрһөлдәй Раббы, Йәрүсәлимдән Уның тауышы күкрәй, Көтөүлектәр тотош сатнап кибә, Кармәл тауының түбәһе ҡорой». Раббы былай ти: «Дамаск енәйәт артынан енәйәт ҡыла, Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Тимер тешле ашлыҡ һуҡҡыс менән Ғилғәдте төйгәнгә күрә, Хазаилдың һарайына ут төртәм, Ялҡын Бен-Һадад ҡәлғәһен ялмап йотор! Дамаск ҡапҡаларының биген ватам, Авен үҙәнендәге тәхет хужаһын, Бейт-Ғәдәндә хакимлыҡ таяғын тотҡанды юҡ итәм, Арамиҙар Ҡыйрға һөрөлөр», – ти Раббы. Раббы былай ти: «Газа енәйәт артынан енәйәт ҡыла, Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Халҡымды тотош ауылдары менән әсиргә алып Эдомға һатып ебәргән өсөн Газа диуарҙарына ут төртәм, Ҡәлғәләрен ялҡын ялмап йотор! Ашдодтағы тәхет хужаһын, Ашҡылонда хакимлыҡ таяғы эйәһен юҡҡа сығарам; Мин Ғәҡронға ҡаршы ҡул күтәрәм, Имен ҡалған пелештиҙәр юҡ булыр!» – ти Раббы Хаким. Раббы былай ти: «Тир енәйәт артынан енәйәт ҡыла, Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Туғандарса килешеүҙе онотоп, Халҡымды тотош ауылдары менән әсиргә алып Эдомға һатып ебәргән өсөн Тирҙың диуарҙарына ут төртәм, Ҡәлғәләрен ялҡын ялмап йотор!» Раббы былай ти: «Эдом енәйәт артынан енәйәт ҡыла, Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Ҡылыс тотоп туғанын ҡыуа төшкән, Аяу тигән нәмәне онотоп, Туғанына гел асыу һаҡлаған, Ярһыуына баш булмаған өсөн, Теманға Мин ут төртәм, Босра ҡәлғәләрен ялҡын ялмап йотор!» Раббы былай ти: «Ғаммондар енәйәт артынан енәйәт ҡыла, Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Биләмәләрен киңәйткән саҡта Ғилғәдтә ауырлы ҡатындарҙың Ҡорһаҡтарын бүҫкән өсөн, Рабба диуарҙарына ут төртәм, Алыш көнөндә һуғыш ораны, Дауыл көнөндә ғәрәсәт олоуы аҫтында Ҡәлғәләрен ялҡын ялмап йотор! Батшалары менән түрәләре Һәммәһе һөргөнгә китер», – ти Раббы. Раббы былай ти: «Моав енәйәт артынан енәйәт ҡыла, Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Эдом батшаһының һөйәктәрен Көлгә ҡалдырып мәсхәрә иткән өсөн Моавҡа Мин ут төртәм. Ҡирйоҫ ҡәлғәләрен ялҡын ялмап йотор – Моав һуғыш шау-шыуы, борғо тауышы, Яу ораны аҫтында һәләк булыр. Уларҙың араһынан хакимдарын юҡ итәм, Бөтә башлыҡтарын ҡырып бөтәм», – ти Раббы. Раббы былай ти: «Йәһүҙә енәйәт артынан енәйәт ҡыла, Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Раббы ҡанунынан ваз кисеп, Уның ҡағиҙәләрен тотмаған өсөн, Мин уларҙы язаһыҙ ҡалдырмайым. Аталары эйәргән ялған боттар Уларҙың тура юлдан аҙаштырҙы. Мин Йәһүҙәгә ут төртәм, Йәрүсәлим ҡәлғәләрен ялҡын ялмап йотор». Раббы былай ти: «Исраил енәйәт артынан енәйәт ҡыла, Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Тәҡүә кешене – көмөш тингә, Ярлы-ябағаны бер пар ҡатаға һатҡан өсөн Уларҙы язаһыҙ ҡалдырмайым. Фәҡирҙәрҙе туҙанға һалып тапайҙар, Сараһыҙҙың юлын быуалар. Аталы-уллы бер ҡатын менән ятып, Изге исемемде хурлайҙар. Һәр ҡорбан усағының янында Аманат итеп килтерелгән кейем өҫтөндә Рәхәтләнеп тән яҙалар; Ғәйеп өсөн тип түләткән шарапты Алла йортонда тартынмай эсәләр. Ә Мин Исраил хаҡына Кедрҙай буйсан, имәндәй мәғрур Әмөриҙәрҙе юҡ иттем, Осонан тамырына тиклем тураҡланым. Мин һеҙҙе Мысырҙан алып сығып, Әмөриҙәр ерен бирер өсөн, Ҡырҡ йыл буйы сүлдә юл күрһәттем. Улдарығыҙҙы пәйғәмбәр иттем, Егеттәрегеҙҙән нәзирҙәр билдәләнем. Шулай түгелме ни, исраилдар? – Раббы шулай тип белдерә. – Ә һеҙ нәзирҙәргә шарап эсерҙегеҙ, Пәйғәмбәрҙәргә пәйғәмбәрлек итмәҫкә бойорҙоғоҙ. Тиҙҙән һеҙгә бына нимә булыр: Көлтә тейәлгән арба менән иҙгән һымаҡ Мин дә һеҙҙе иҙәсәкмен. Етеҙҙең ҡасырға хәле ҡалмаҫ, Көслөнө ҡеүәте ташлап китер, Ҡаһарман үҙенең йәнен ҡотҡара алмаҫ. Уҡсы аяғында ҡала алмаҫ, Аяғы етеҙ булған ҡасып өлгөрмәҫ, Һыбайлы ла йәнен ҡотҡара алмаҫ. Хатта иң ғәййәр яугир ҙә Ҡоралын ташлап ҡасыр», – тип белдерә Раббы. Ошо һүҙҙе тыңлағыҙ, исраилдар! Раббы уны һеҙҙең хаҡта, Мысыр еренән алып сыҡҡан был нәҫелдең бөтәһенә әйтә. «Ерҙәге бөтә нәҫелдәр араһынан Мин тик һеҙҙе генә һайлап алдым, Шуға ла гонаһтарығыҙ өсөн Һеҙҙән бик ҡаты һораясаҡмын!» Ике кеше үҙ-ара һөйләшмәйенсә Бергәләшеп юлға сығырмы? Ҡорбаны булмаған арыҫлан Урманда үкерерме? Әгәр ҙә емтек алып ҡайтмаһа, Йәш арыҫлан ояһында ырылдармы? Ылыҡтырырлыҡ ем һалынмаһа, Ерҙәге тоҙаҡҡа ҡош төшөрмө? Бер нәмә лә эләкмәһә, Тоҙаҡ ерҙән ҡуҙғалырмы? Ҡалала борғо ҡысҡыртырҙармы, Ҡурҡырға сәбәп булмаһа? Раббы Үҙе ебәрмәһә, Ҡалаға афәт килерме? Раббы Хаким ҡолдары пәйғәмбәрҙәргә Ниәтен асмайынса, һис ғәмәл ҡылмай. Арыҫлан үкергәндә Кем ҡурҡыуға ҡалмаҫ? Раббы Хаким һөйләй башлаһа, Кем пәйғәмбәрлек ҡылмаҫ? Ашдод ҡәлғәләрендә иғлан итегеҙ, Мысыр ерендәге нығытмаларҙа белдерегеҙ: «Самарияның тау баштарына артылығыҙ, Эсендәге башбаштаҡлыҡты күрегеҙ: Унда ҡыҫырыҡлау, иҙеү хөкөм һөрә!» «Ғәҙел йәшәй белмәй улар, – тип белдерә Раббы. – Улар ҡәлғәләренә залимлыҡ менән, Талаш-тартыш менән байлыҡ йыя». Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Дошман килеп илеңде ҡамар, Самария, Һине ҡеүәтеңдән яҙҙырып, Ҡәлғәләрегеҙҙе тотош талар». Раббы былай ти: «Ҡайсаҡ көтөүсе ике тояҡ йә ярты ҡолаҡ ҡына эләктереп өлгөрә – арыҫлан талаған малдан ни бары шулар ҡалған була. Ана шулай Самарияла йәшәгән исраилдарҙан да диван арҡаһы менән һике тояғы ғына тороп ҡалыр». «Тыңлағыҙ һәм Яҡуп нәҫелен иҫкәртегеҙ, – ти Раббы Хаким, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, – Исраилға енәйәте өсөн Хисап көнө еткән саҡта, Бейт-Илдәге ҡорбан усаҡтарын да юҡ итәм, Мөгөҙҙәрен ҡырҡып, ергә ырғытырҙар. Ҡышҡы ла, йәйге лә һарайҙарҙы емерермен, Фил һөйәге менән биҙәлгән затлы йорттарҙы, Мөһабәт һарайҙарҙы харабаға әйләндерермен», – тип белдерә Раббы. Эй һеҙ, Самария тауындағы Башан һыйырҙары, Һеҙ, ярлыларҙы ҡыҫырыҡлаған, Фәҡирҙәрҙе иҙгән, ирҙәренә: «Ҡайҙа, эсергә алып кил!» – тигән ҡатындар, Был һүҙҙәргә ҡолаҡ һалығыҙ! Раббы Хаким Үҙенең изгелеге менән ант итә: «Оҙаҡламай һеҙгә сират етер, Һәммәгеҙҙе ырғаҡ менән һөйрәрҙәр, Ҡармаҡҡа эләктереп тартырҙар. Диуарҙағы тишек аша бер-бер артлы Ҡаланан ситкә алып сығырҙар, Һармон төбәгенә табан ырғытырҙар», – тип белдерә Раббы. «Инде Бейт-Илгә килеп гонаһ ҡылығыҙ, Гилгалға барып гонаһығыҙҙы арттырығыҙ! Иртә һайын ҡорбан килтерегеҙ, Өс көн һайын ғөшөрөгөҙҙө бирегеҙ. Шөкөр саҙаҡаһы итеп әсеткеле икмәк яндырығыҙ, Нәфел ҡорбаны хаҡында һөрәнләп йөрөгөҙ! Һеҙ быны эшләргә яратаһығыҙ, исраилдар, – тип белдерә Раббы Хаким. – Бөтә ҡалаларығыҙҙа тешкә элеп ҡабыр аҙыҡ, Һәр урында тәғәм ризыҡ ҡалдырманым. Ләкин Минең хозурыма ҡайтманығыҙ, – тип белдерә Раббы. – Шуның өсөн дә Мин, ураҡҡа төшөргә өс ай ҡалырҙан алда, һеҙҙе ямғырҙан мәхрүм иттем. Бер ҡалаға ямғыр яуҙырһам, икенсеһенә яуҙырманым. Бер баҫыуҙа ямғыр яуҙы, икенсеһендә – юҡ, шуға ул ҡороно. Ике-өс ҡала халҡы бер булып күрше ҡалаға һыу эҙләп юлланды, ләкин унда ла туя эсерлек һыу тапманы. Ләкин һеҙ Минең хозурыма ҡайтманығыҙ, – тип белдерә Раббы. – Һеҙҙең сәсеүлектәрегеҙҙе ҡыуан ел көйҙөрҙө, онло ысыҡ бөтөрҙө. Һеҙҙең емеш баҡсаларын, йөҙөм, инжир, зәйтүн ағастарын саранча баҫты. Ләкин һеҙ Минең хозурыма ҡайтманығыҙ, – тип белдерә Раббы. – Мин һеҙгә, ҡасандыр Мысырға ебәргән һымаҡ, үләт ебәрҙем. Һеҙҙең егеттәрегеҙҙе ҡылыс менән ҡырҙым, аттарығыҙҙы дошмандар ҡыуып алып китте. Мин һеҙҙе мәйеттәрҙең һаҫығын еҫкәргә мәжбүр иттем. Тик барыбер һеҙ Минең хозурыма ҡайтманығыҙ. – Раббы шулай тип белдерә. – Нисек Содом менән Ғамораның аҫтын өҫкә әйләндерһәм, һеҙҙең ҡайһы берәүҙәрегеҙҙе лә шулай һәләк иттем. Һеҙ ут эсенән тартып алынған торонбаш хәлендә булдығыҙ. Шунда ла һеҙ Минең хозурыма ҡайтманығыҙ. – Раббы шулай тип белдерә. – Шуның өсөн дә Мин һиңә шуны ҡылам, Исраил. Мин һиңә шулай эшләргә йыйынғас, Исраил, Аллаңды ҡаршыларға әҙерлән!» Бына Ул – тауҙарҙы ҡорған, елде бар ҡылған, Кешеләргә Үҙ ниәттәрен белдергән, Таң яҡтыһын ҡараңғыға әүерелдергән, Ерҙең армыттарынан атлаған, Исеме Уның – Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы! Эй Исраил нәҫеле, ҡолаҡ һалығыҙ. Һеҙҙең хаҡта матәм йыры йырлайым. Ғиффәтле ҡыҙ Исраил йығылды, Башҡаса ул тора алмаясаҡ. Үҙ тупрағында ташландыҡ хәлдә, Уны күтәреп торғоҙоусы юҡ. Раббы Хаким былай ти: «Исраилдың бер ҡалаһы Мең һуғышсыһын яуға сығарһа, Уларҙың йөҙө генә һау ҡалыр; Әгәр ҙә йөҙҙө сығарһа, Тиҫтәһе генә иҫән ҡалыр». Раббы Исраил нәҫеленә былай ти: «Миңә ынтылығыҙ, шунда иҫән ҡалырһығыҙ. Бейт-Илгә йөрөмәгеҙ, Гилгалға юлланмағыҙ. Беер-Шәвәғкә барыу урынһыҙ. Гилгал мотлаҡ әсиргә төшәсәк, Бейт-Ил бәләгә әйләнәсәк». Раббыға ынтылығыҙ – Шул саҡ иҫән ҡалырһығыҙ. Юҡһа Ул, ялҡын шикелле, Йософ йортон ялмап алыр. Бейт-Ил дә дөрләп яныр – Уны һүндереүсе булмаҫ. Эй һеҙ, ғәҙел хөкөмдө әремгә әйләндереүселәр, Хаҡлыҡты ергә түңкәрә бәреүселәр – ҡайғы һеҙгә! Өлкәр менән Орионды бар ҡылыусы, Дөм-ҡараңғыны яҡты таңға, Яҡты көндө ҡара төнгә әүерелдереүсе, Диңгеҙ һыуҙарын бергә йыйып, Ер йөҙөнә түгеүсе – Исеме Уның – Раббы! Ул көслөләргә һәләкәт ебәрә, Ҡәлғәне ергә тигеҙләй. Ҡала ҡапҡаһы янында хөкөм мәлендә фашлағанды, Дөрөҫөн һөйләгәнде күрә алмайһығыҙ һеҙ. Игенләтә һалым алып, Ярлы-ябағаны бөлдөргәнгә күрә, Шымартылған таштан йорттар һалһағыҙ ҙа, Унда йәшәү яҙмаҫ һеҙгә. Гүзәл йөҙөм баҡсалары үҫтереп тә, Шарабынан ләззәтләнеү насип булмаҫ. Беләм, енәйәттәрегеҙ бик күп, Гонаһтарығыҙ самаһыҙ ауыр; Ғәйепһеҙҙе эҙәрләп, ришүәт алаһығыҙ, Ярлыны ҡала ҡапҡаһы эргәһендә Хөкөм иткәндә ситкәрәк этәрһегеҙ. Шуға был заман шул тиклем яман, Хатта аҡыл эйәһе лә телен йотор. Яуызлыҡ түгел, яҡшылыҡ эҙләгеҙ – Бына шунда иҫән ҡалырһығыҙ. Шул саҡ, үҙегеҙ әйткәнсә, һеҙҙең менән Күк ғәскәрҙәре Аллаһы Раббы булыр. Яуызлыҡты кире ҡағып, яҡшылыҡты үҙ итегеҙ, Ҡала ҡапҡаһы янында хаҡ хөкөмдө тергеҙегеҙ, Бәлки, шул саҡ Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, Йософ нәҫеленең иҫән ҡалғандарын аяр. Шуның өсөн Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, Хаким былай ти: «Бөтә майҙандарҙа – илау-һыҡтау, Барса урамдарҙа аһ-зар яңғырар. Игенсене ҡайғы уртаҡлашырға, Сеңләүселәрҙе матәм көнөнә саҡырырҙар. Арағыҙҙан Мин үткәндә, Йөҙөм баҡсаларында ла иңрәү торор», – ти Раббы. Раббы көнөн көҫәүселәрҙең башына ҡайғы! Ниңә һеҙгә Раббы көнө? Ул яҡтылыҡ түгел, ҡараңғылыҡ. Кеше арыҫландан ҡасып, Айыуға барып юлыҡҡан кеүек, Өйөнә йүгереп инеп, ҡулын диуарға ҡуйыуға Ҡара йылан саҡҡан кеүек, Раббы көнө лә шулай – Яҡтылыҡ түгел, ә ҡараңғылыҡ, Күҙгә төртһәң күренмәҫлек, унда нур юҡ. «Байрамдарығыҙҙы күрә алмайым, кире ҡағам, Тантаналы йыйындарығыҙҙы хуш күрмәйем, – ти Раббы. – Тотош яндырыу ҡорбандары, Икмәк саҙаҡаларығыҙҙы килтерһәгеҙ ҙә, Мин уларҙы хуш күрмәм. Татыулыҡ ҡорбанына килтергән Һимертелгән малдарығыҙға боролоп та ҡарамам. Шау-шыулы йырҙарыңдан арала Мине, Лирағыҙҙың ауазын ишеткем килмәй. Бының урынына ғәҙеллек – йылға булып, Хаҡлыҡ кипмәҫ ташҡын булып аҡһын. Эй Исраил нәҫеле, сүлдә ҡырҡ йыл буйына һеҙ Миңә ҡорбан йәки икмәк саҙаҡалары килтерҙегеҙме ни? Һындарын үҙегеҙ яһап алған илаһ-батшағыҙ Сиккуҫ һәм Кийун йондоҙо менән бергә Мин һеҙҙе һөргөнгә оҙатам. Дамаскка ғына түгел, унан да йыраҡҡа», – ти исеме Күк ғәскәрҙәре Аллаһы булған Раббы. Ҡайғы һеҙгә, Сиондағы вайымһыҙҙар, Самария тауында үҙен именлектә тип һанағандар, Беренсе булып һаналған халыҡтың затлылары, Ярҙам һорап, янығыҙға Исраил нәҫеле килгән түрәләр! Барып ҡарағыҙ Калнеға, Ул ерҙән бөйөк Хамаҫҡа үтеп, Артабан пелешти Ғаҫына төшөгөҙ: Һеҙ ул батшалыҡтарҙан ҡеүәтлерәкме? Әллә биләмәгеҙ уларҙыҡынан ҙурыраҡмы? Афәт көнөн йыраҡ һанап, Золом тантанаһын тиҙләтәһегеҙ. Фил һөйәгенән эшләнгән затлы йыһаздарҙа Ғәмһеҙ генә йәйелеп ятаһығыҙ; Йомшаҡ түшәктәрегеҙҙә рәхәтләнеп Көтөүҙәге бәрәстәрҙең, аҙбарҙағы башмаҡтарҙың Һимеҙерәген ҡайыраһығыҙ; Лира сиртеп йыр һуҙаһығыҙ, Гүйә, Дауыт кеүек оҫта уйнайһығыҙ. Иң затлы хушбуйҙар һөртөнөп, Ҡорбан сеүәтәләренән шарап һемерәһегеҙ, Ә Йософ нәҫеленең афәте һеҙҙе һис ҡайғыға һалмай. Шуға күрә һөргөнгә иң тәүҙә китерһегеҙ, Унда кәйеф-сафаға урын булмаҫ. Раббы Хаким Үҙе менән ант итә, Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, былай ти: «Яҡуптың тәкәбберлегенән екһенәм, Уның ҡәлғәләрен күрә алмайым. Бар халҡы менән ҡалаһын Дошман ҡулына тапшырам». Әгәр берәй йортта ун кеше ҡалһа, улары ла үлер. Яндырыр өсөн мәйетте алырға килгән туғаны, уны өйҙән сығарғанда, эстә ҡалыусынан: «Унда һинең менән кем бар?» – тип һорар. Тегеһе: «Бер кем дә юҡ», – тип яуап бирер. Шул саҡ ул: «Шым! Раббы исемен телгә алма», – тиер. Тиҙҙән Раббы бойороҡ бирер ҙә, Ҙур йорттар селпәрәмә килер, Бәләкәй йорттар емерелеп төшөр. Аттар ҡаяла сабамы? Үгеҙҙәр диңгеҙ һөрәме? Ә һеҙ ғәҙел хөкөмдө – ағыуға, Хаҡлыҡ емешен әсе әремгә әйләндерҙегеҙ. Ло-Деварҙы алдыҡ, тип һөйөнәһегеҙ, Ҡарнаимды үҙ көсөбөҙ менән яуланыҡ, тиһегеҙ. – Эй Исраил нәҫеле, тиҙҙән Мин Һеҙгә ҡаршы бер ҡәүемде ҡотортам, – Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, шулай ти. – Улар һеҙҙе Лево-Хамаҫтан алып Ғарава үҙәненә тиклем иҙәсәк. Раббы Хаким миңә шундай күренмеш иңдерҙе: бына батша өлөшөнә төшкән иген йыйылып, баҫыуҙар ҡабат йәшелләнә башлағас, Ул саранча тубы хасил итте. Саранча ерҙәге бар үләнде, сәсеүлектәрҙе ашап бөттө, һәм мин: – Эй Раббы Хаким, ярлыҡаһаңсы. Яҡуп нәҫеле нисек түҙер? Ул бик аҙ һанлы бит, – тинем. Шунан Раббы кире уйланы: – Был хәл булмаясаҡ, – тине. Раббы Хаким минең күҙ алдыма түбәндәге күренеште баҫтырҙы: бына Ул, халҡын хөкөм итмәк булып, ут саҡырҙы. Ут диңгеҙ һыуҙарын төбөнә тиклем ялмап йотто, ерҙең бер өлөшө лә янды. Һәм мин: – Эй Раббы Хаким, туҡтаһаңсы, улайтма. Яҡуп нәҫеле нисек түҙер? Ул бик аҙ һанлы бит, – тинем. Раббы Хаким кире уйланы: – Был булмаясаҡ, – тине. Ул миңә тағы бер нәмә күрһәтте: бына Ул, бөйөк Хаким, текә диуар өҫтөндә тора, Уның ҡулында – ҡурғаш ауыртмаҡ. Раббы минән: – Нимә күрәһең, Ғамос? – тип һораны. Мин: – Ҡурғаш ауыртмаҡ, – тип яуап бирҙем. Шунан бөйөк Хаким: – Бына Мин ауыртмаҡты халҡым Исраил араһына урынлаштырам. Башҡаса Мин уларҙы ғәфү итмәйәсәкмен, – тине. – Исхаҡ нәҫеленең табыныу ҡалҡыулыҡтары юҡҡа сығыр, Исраилдың мөҡәддәс урындары емерелер, Яровғам батша йортона ҡаршы ҡылыс күтәрермен. Бейт-Ил ҡаһины Амасъяһ Исраил батшаһы Яровғамға: – Ғамос исраилдар араһында һиңә ҡаршы ҡотҡо тарата. Уның һөйләгән һүҙҙәрен ер күтәрерлек түгел, – тип әйтеп ебәрҙе. – Сөнки Ғамос былай ти: «Яровғам ҡылыстан үләсәк, Исраил халҡы үҙ еренән һөргөнгә ебәреләсәк». Бына һуң Амасъяһ Ғамосҡа: – Эй әүлиә, хәҙер үк бынан Йәһүҙәгә кит, унда пәйғәмбәрлек итеп, тамаҡ туйҙыр. Инде Бейт-Илдә пәйғәмбәрлек итмә. Был батшаның изге урыны, батшалыҡтың ҡорамы! – тине. Ғамос Амасъяһҡа: – Мин пәйғәмбәр ҙә, пәйғәмбәр нәҫеленән дә түгелмен. Мин мал ҡарайым һәм ҡырағай инжир ағастарын тәрбиәләйем. Әммә Раббы, мине көтөүҙәремдән айырып: «Бар, Минең халҡым исраилдарға пәйғәмбәрлек ҡыл», – тип ҡушты. Ә хәҙер Раббы һүҙенә ҡолаҡ һал! Һин миңә: «Исраилға ҡаршы пәйғәмбәрлек ҡылма, Исхаҡ нәҫеленә ҡаршы һөйләмә», – тип әйтәһең. Шуға күрә Раббы былай ти: «Ҡатының ҡалала фәхишә булыр, Ул-ҡыҙҙарың ҡылыстан һуйылыр, Ереңде бүлгеләп алырҙар, Үҙең иһә хәрәм бер илдә үлерһең. Исраил халҡы үҙ тупрағынан Һөргөнгә ҡыуылыр, ҡыуылмай ҡалмаҫ». Раббы Хаким миңә бына нимә күрһәтте: имеш, алдымда бешкән емеш тулы кәрзин тора. Ул минән: – Нимә күрәһең, Ғамос? – тип һораны. Мин: – Кәрзин тулы өлгөрөп еткән емеш күрәм, – тип яуап бирҙем. Раббы миңә былай тине: «Халҡым Исраил хөкөм өсөн өлгөрөп етте, Башҡаса уны ғәфү итмәйәсәкмен. Ул көн һарайҙағы йырҙар илау-һыҡтау менән алмашыныр, – тип белдерә Раббы Хаким, – Һәр урында мәйет тулып ятыр. Шым!» Өлөшһөҙҙәрҙе ҡыҫырыҡлаған, Илдәге ярлыларҙың башын ашағандар, тыңлағыҙ! «Яңы ай байрамы ҡасан үтер инде, Ашлыҡ һата башлар инек. Шәмбе ҡасан уҙыр инде, Иген сауҙаһын асыр инек. Үлсәмде кәметеп, хаҡты арттырып, Еткерә үлсәмәй отор инек. Хәйерсене – көмөш тингә, Ярлыны – бер пар ҡатаға Һатып алып булыр ине. Кәбәген дә һата алыр инек», – тиһегеҙ һеҙ. Раббы Яҡуптың ғорурлығы менән ант итте: «Уларҙың ҡырын эштәрен мәңге онотаһым юҡ. Бының өсөн нисек ер ҡалтырамаһын да Унда йәшәгән халыҡтар ҡайғыға тарымаһын? Бөтөн ер Нил һыуындай тулҡынланыр, Ҡабарыр ҙа Мысыр йылғаһы шикелле шиңеп ҡалыр. Шул сағында, – тип белдерә Раббы Хаким, – Төш мәлендә ҡояшты байытам, Яҡты көндө төнгә әйләндерәм. Байрамдарығыҙҙы ҡайғыға, Йырҙарығыҙҙы илау-һыҡтауға әүерелдерәм. Өҫтөгөҙгә ҡыл туҡыма урандырам, Сәсегеҙҙе ҡырҙырып ташлайым, Яңғыҙ улына йәш түккән һымаҡ, һыҡтау торор, Ахыры сикһеҙ әсенеш булыр». Раббы Хаким былай тип белдерә: «Бына шундай көндәр килә, Был илгә ҡытлыҡ ебәрәм, Аҙыҡҡа һәм һыуға түгел, Раббы һүҙҙәренә ҡытлыҡ булыр. Кешеләр Раббының һүҙен эҙләр: Диңгеҙҙән-диңгеҙгә юлланыр, Төньяҡтан көнсығышҡа олағыр, Ни хәтле гиҙһә лә ил буйлап, Уны таба алмаясаҡ. Ул көндө гүзәл ҡыҙҙар, егеттәр, Һыуһыҙлыҡтан сарсап ҡолар. Самарияның боттары менән ант итеүселәр, Йәки: „Һинең илаһың менән ант итәм, Дан“, Йә: „Беер-Шәвәғкә барған юл менән ант итәм“, – тип әйтеүселәр Йығылыр ҙа бүтәнсә тора алмаҫ». Ҡорбан усағы янында торған бөйөк Хакимды күрҙем, Ул былай тине: «Таяу бағаналарының башына ҡаты итеп һуҡ, Тупһаларына тиклем тетрәһен; Әйҙә, улар ишелеп, кешеләрҙең башына төшһөн! Иҫән ҡалғандарын ҡылыс менән һуям: Ҡасып ҡотолғандар булмаясаҡ. Үлеләр донъяһына төшһәләр ҙә, Унда ла ҡулым барып етәсәк. Күккә менеп ҡасһалар ҙа, Унан да һөйрәп төшөрәсәкмен. Кармәл тауының башына ҡасһалар, Унда ла эҙләп табып тотормон. Күҙ алдымдан йыраҡҡа, диңгеҙ төбөнә йәшенһәләр, Йыланға бойорормон, уларҙы саҡһын. Дошманға әсиргә төшһәләр, Ҡылысҡа әмер бирәм, уларҙы ҡырһын. Күҙемде уларҙан алмаясаҡмын, Әммә яҡшылыҡ өсөн түгел, бәләгә». Раббы Хаким, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, Ергә ҡағылһа – ер ирер, Өҫтөндә йәшәгәндәр күҙ йәшенә батыр. Бөтөн ер йөҙө Нил һыуы кеүек ҡалҡыр ҙа, Мысыр йылғаһы һымаҡ шиңеп ҡалыр. Торлағын күктә төҙөгән, Ер өҫтөндә көмбәҙ ҡорған, Диңгеҙ һыуҙарын йыйып, ер йөҙөнә түккән, Исеме Уның – Раббы. «Эй исраилдар, һеҙ Минең өсөн Куш кешеләренә бәрәбәр, – ти Раббы. – Исраилдарҙы – Мысырҙан, Пелештиҙәрҙе – Кафторҙан, Арамиҙарҙы Ҡыйрҙан сығарған Мин түгелме?» Раббы Хаким Үҙ ҡарашын Гонаһлы батшалыҡҡа йүнәлтте: «Мин уны ер йөҙөнән юҡ итәм, Ләкин Яҡуп нәҫелен тотош юҡ итмәйәсәкмен. – Раббы шулай тип белдерә. – Бына Минең әмерем: Исраилды башҡа ҡәүемдәр араһына таратырға, Иләк аша үткәрергә, Таш та үтерлек булмаһын. Халҡым араһынан гонаһлылар, „Беҙгә афәт килмәй ул, Ул беҙҙе урап үтер“, – тиеүселәр Ҡылыстан ҡырылып бөтөр». «Ул көн Дауыттың ҡолаған сатырын торғоҙам, Тишеген-тошоғон һылайым, Ҡаҡшаған ерҙәрен йүнәтәм, Элекке көндәрҙәге хәленә ҡайтарам. Һөҙөмтәлә, Минең халҡым Эдомдың ҡалдыҡ-боҫтоҡ кешеләрен, Хакимлығым аҫтындағы барса ҡәүемдәрҙе еңер», – ти быларҙы эшләйәсәк Раббы. «Шундай көн килер, – ти Раббы, – Һабансы һөрөргә сығыр – ә ураҡсы унан китмәгән, Сәсеүсе баҫыуға сығыр – ә унда һаман йөҙөм һығалар, Тауҙарҙан йылға булып татлы шарап аға, Ҡалҡыулыҡтарҙан һарҡыла. Мин Үҙ халҡым Исраилдың Яҙмышын яңынан үҙгәртермен: Кешеһеҙ ҡалған ҡалаларҙа Йорттар һалып йәшәрҙәр, Йөҙөм ағастары ултыртып, Шараптан өҙөлмәҫтәр, Баҡсалар үҫтереп, емеш ашарҙар. Уларҙы үҙ ерҙәрендә төпләндерәм, Бынан ары Мин биргән тупраҡтан Халҡымды һис кем йолҡоп ала алмаҫ!» – Аллаң Раббы шулай ти. Ғовадъяһҡа иңдерелгән күренмеш. Раббы Хакимдың Эдом тураһында әйткәне. Раббынан бер хәбәр ишеттек беҙ: «Ҡуҙғалығыҙ, Эдомға һуғыш башлайыҡ!» Быны иғлан итер өсөн, Ҡәүемдәр араһына илсеһен ебәргән. «Ҡәүемдәр араһында һине иң меҫкене итермен, Барыһы һиңә кәмһетеп ҡарар! – ти Раббы. – Эй һин, ҡая ярыҡтарында төйәкләнгән. Йортоңдо юғарыла төҙөгән, Йөрәгәңдең тәкәбберлеге алданы һине, Һауаланып: „Кем һуң мине Ергә атып бәрә алыр?“ – тиһең. Бөркөт кеүек күккә ашһаң да һин, Йондоҙ араһында оя ҡорһаң да – Унан да һине бәреп төшөрөрмөн!» – тип белдерә Раббы. Ҡараҡ төштөмө әллә өйөңә, Әллә төнгө бурҙар керҙеме, Ниңә шулай бер нәмәһеҙ ҡалдың? Улар ҙа бит тик кәрәген генә алыр ине. Йөҙөм йыйыусылар баҡсаңа ингән хәлдә лә, Бер аҙ йөҙөм ҡалдырмаҫ инеме ни? Ғаяздың бөтә нәмәһе таланған, Йәшерен урындары туҙҙырылған! Һинең менән килешеү төҙөгәндәр барыһы Илдән һине ҡыуып сығарыр; Дуҫ күреп йөрөгәндәрең һине һатыр, Бынан ары көн күрһәтмәҫ. Һинең менән ашап-эсеүселәр Һиңә тоҙаҡ ҡорор: «Уның аҡылы ҡайҙа?» – тиер. «Ул көндө Мин, – тип белдерә Раббы, – Эдомдың аҡыл эйәләрен, Ғаяз тауындағы белеклеләрҙе һәләк итәсәкмен! Эй Теман, ҡаһарман яугирҙәрең ҡалтырап төшөр, Ғаяз тауындағылар барыһы ҡырылып бөтөр! Энең Яҡупҡа йәбер-золом ҡылғаның өсөн, Хурлыҡҡа төшөрөлөрһөң, Мәңгегә юҡ ителерһең. Яттар Яҡуптың мөлкәтен талағанда Һин алыҫтан ғына ҡарап торҙоң. Сит халыҡтар ҡапҡаһынан эскә инеп, Йәрүсәлимгә йәрәбә ташлағанда, Һин дә уларҙың берәүһе һымаҡ булдың. Туғаныңа афәт килгән көндө, Һин үсәп тормаған булһаң икән, Йәһүҙә халҡына һәләкәт янағанда, Ҡыуанмаған булһаң икән, Уларға ҡайғы килгәндә, Мыҫҡыллап ауыҙ йырмаһаң икән! Халҡым ҡазаға тарығас, Ҡапҡаларын емереп кермәнеңме? Баштарына бәлә килгән мәлдә, Бәхетһеҙлегенә ҡыуанманыңмы? Уға афәт ябырылған көндә Малына ҡул һуҙманыңмы? Ҡасып барғандарҙы үлтерергә Юл сатында торманыңмы? Ул ҡайғылы көндә иҫән ҡалғандарҙы Дошман ҡулына һин бирмәнеңме? Ләкин Раббы көнө яҡынлаша, Барса ҡәүемдәргә хөкөм көнө! Үҙең ни ҡылһаң, һиңә шул булыр, Ғәмәлдәреңдең ҡоһоро үҙ башыңа төшөр. Эй Минең халҡым, изге тауымда һеҙ нисек эстегеҙ, Барса ҡәүемдәр ҙә шулай эсерҙәр ғазап туҫтағын. Бүккәнсе, алдарынан ҡалғансы эсә-эсә Юҡҡа сығыр, бөтөнләй булмаған ише. Әммә ҡотолоп ҡалғандар Сион тауында йыйылыр. Был тау мөҡәддәс булыр, Яҡуп нәҫеле үҙ биләмәһенә тағы хужа булыр. Яҡуп нәҫеле – ут, Йософ нәҫеле – ялҡын, Ә Ғаяз нәҫеле һалам булыр. Ғаяз нәҫелен ут ялмап йотор, Бер кем дә ҡотолоп ҡалмаҫ», – ти Раббы. Негев халҡы – Ғаяз тауҙарын; Шефелала йәшәүселәр – пелештиҙәр илен, Әфраим һәм Самария ерҙәрен; бинйәминдәр иһә Ғилғәдте үҙ биләмәһе итер. Әсирлектән ҡайтыусылар, исраилдар ғәскәре, Сарефаҫҡа тиклем бөтә Ҡәнғән ерҙәрен, Йәрүсәлимдән һөргөнгә ебәрелеп, әле Сефарадта йәшәүселәр Негев ҡалаларын биләр. Халыҡтың ҡотолоп иҫән ҡалғандары, Сион тауына күтәрелеп, Ғаяз тауына хакимлыҡ итер. Раббы батшалығы башланыр. Амиттай улы Юнысҡа Раббы һүҙе булды: – Бар, юлға сыҡ! Бөйөк Ниневе ҡалаһына бар ҙа уның халҡын фашла, сөнки уларҙың яуызлыҡтары хаҡында хәбәр Миңә килеп етте. Ләкин Юныс, Раббынан Таршишҡа ҡасып китергә булып, ҡапма-ҡаршы яҡҡа йүнәлде. Яфо ҡалаһына килеп, унда Таршишҡа китә торған карапты тапты. Юл хаҡын түләне лә, Раббынан алыҫҡараҡ китеү өсөн, карапҡа менеп ултырҙы. Ләкин Раббы көслө ел ебәрҙе, диңгеҙҙә ҡеүәтле дауыл ҡупты. Карап ҡыйралыр сиккә етте. Диңгеҙселәр ҡурҡыуға төштө. Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙ аллаһына ялбарҙы. Карапты еңеләйтер өсөн, йөктәрҙе диңгеҙгә ташлай башланылар. Юныс иһә, карап төбөнә төшөп ятып, ҡаты йоҡоға талғайны. Карап башлығы уның янына килеп: – Нишләп йоҡлап ятаһың, тор, үҙ аллаңа ялбар! Бәлки, Ул хәлебеҙгә инер ҙә беҙ харап булмабыҙ, – тине. Диңгеҙселәр бер-береһенә: – Әйҙәгеҙ, беҙгә кем арҡаһында бәлә килгәнен белер өсөн, йәрәбә һалайыҡ, – тиеште. Йәрәбә һалғайнылар, ул Юнысҡа төштө. Диңгеҙселәр: – Һөйләп бир әле беҙгә, башыбыҙға килгән был бәлә кем арҡаһында? Һин нимә менән шөғөлләнәһең? Ҡайҙан киләһең? Илең ҡайҙа? Ниндәй халыҡтан булаһың? – тип һораны. – Мин ғивримен, – тип яуап ҡайтарҙы Юныс. – Мин диңгеҙ менән ҡоро ерҙе бар иткән Күк Аллаһы Раббыға табынам. Диңгеҙселәрҙе ҡот осҡос дәһшәт солғап алды. Улар: – Нишләп улай иттең инде? – тинеләр, сөнки, Юныс һөйләп биргәс, уның Раббы хозурынан ҡасып барғанын белгәйнеләр. Дауыл көсәйгәндән-көсәйә барғанға күрә, улар Юныстан: – Диңгеҙ тынһын өсөн, һине нимә эшләтергә? – тип һоранылар. – Алығыҙ ҙа диңгеҙгә ташлағыҙ, шул саҡ диңгеҙ тыныр, – тип яуап ҡайтарҙы Юныс. – Мин беләм: был ғәрәсәт өҫтөгөҙгә минең арҡала ябырылды. Әммә диңгеҙселәр ярға табан ишә башланы, тик булдыра алманы: әйләнә-тирәләрендә дауыл көсәйә генә барҙы. Шул саҡ улар Раббыны саҡырып: – Йә Раббы, ялбарабыҙ Һиңә! Ошо әҙәмдең йәне өсөн һәләк булмаһаҡ ине! Ғәйепһеҙҙең ҡаны беҙҙең өҫтөбөҙҙә булмаһын! Һин бит – Раббы, нисек теләйһең, шулай эшләйһең, – тине. Улар Юнысты алдылар ҙа диңгеҙгә ташланылар – дауыл шунда уҡ баҫылды. Диңгеҙселәрҙе Раббы алдында оло ҡурҡыу солғап алды. Улар Раббыға ҡорбан килтереп нәҙерҙәрен әйтте. Раббы Юнысты йотор өсөн ҙур балыҡ ебәрҙе. Юныс өс көн һәм өс төн буйы ошо балыҡтың ҡарынында булды. Ул балыҡ ҡарынынан Раббыға, үҙ Аллаһына, ялбарҙы: – Бәләгә ҡалғас, Раббыға ялбарҙым – Ул миңә яуап ҡайтарҙы, Үлеләр донъяһы эсенән ҡысҡырҙым – Тауышыма ҡолаҡ һалдың, Раббы! Мине тәрәнгә, диңгеҙ ҡуйынына ташланың, Ян-яғымдан ағым сорнап алды; Ташҡын тулҡындар өҫтөмдән аҡты. Әйттем: «Күҙ алдыңдан ҡыуылдым»; Ләкин Һинең изге ҡорамыңды Күрәһеләрем әле бар икән! Һыуҙар алҡымымдан алды, Әйләнә-тирәмдә – упҡын, Башымды ылымыҡтар сорнаны. Тауҙарҙың тамырына тиклем төштөм, Ер аҫты биктәре мәңгелеккә артымдан ябылды. Әммә Һин, йә Раббы, Аллам минең, Йәнемде упҡындан сығарҙың! Ғажиз булып, хәлем тамам бөткәс, Мин Раббыны иҫкә төшөрҙөм, Доғам Һиңә, изге ҡорамыңа олғашты. Ялған илаһтарҙы үҙ иткәндәр Үҙҙәрен һөйөүеңдән мәхрүм итә. Ә мин, Һиңә шөкөр әйтеп, Ҡорбан килтерермен, Нәҙеремде мотлаҡ үтәрмен. Ҡотолоу Һинән килер, йә Раббы! Раббының бойороуы булды, балыҡ Юнысты ҡоро ергә ҡоҫто. Юнысҡа икенсе тапҡыр Раббы һүҙе булды: – Бар, юлға сыҡ! Бөйөк Ниневе ҡалаһына бар ҙа уның халҡына Мин һиңә әйткәндәрҙе иғлан ит. Юныс юлға сыҡты, Раббы ҡушҡанса, Ниневегә юлланды. Ниневе Алланың шундай ҙур ҡалаһы ине: уны урап сығыр өсөн өс көн кәрәк булыр ине. Көнө буйы: «Тағы ҡырҡ көндән Ниневенең аҫты-өҫкә әйләнәсәк!» – тип ҡысҡырып, Юныс ҡала буйлап йөрөй башланы. Ниневенең бар халҡы Аллаға инанды. Улар ураҙа иғлан итте, олоһонан кесеһенә тиклем ҡыл туҡымаға уранды. Был хәбәр Ниневе батшаһына барып еткәс, ул тәхетенән тороп батша кейемен систе лә, ҡыл туҡымаға уранып, көлгә ултырҙы. Батша үҙенең һәм вәзир-бәктәренең исеменән Ниневелә ошо фарманды халыҡҡа еткерергә ҡушты: «Кешеләр ҙә, хайуандар: эреле-ваҡлы мал-тыуар ҙа бер нәмә лә ашамаһын, утлауҙа йөрөмәһен, һыу эсмәһен. Кешеләр ҙә, мал да, ҡыл туҡыма ябынып, бар көсөнә Аллаға ялбарһын. Һәр кем яман юлдан тайпылһын, золом ҡылыуҙан туҡтаһын. Кем белә, бәлки, шул саҡ Алла беҙҙе йәлләр ҙә кире уйлар, асыуын баҫыр, һәм беҙ иҫән ҡалырбыҙ». Алла уларҙың яуызлыҡ ҡылыуҙан туҡтағандарын, яман юлдан тайпылғандарын күрҙе. Шуға күрә Алла уларҙы йәлләне һәм әүәл уларға ебәрергә янаған бәләне күндермәне. Юнысҡа был оҡшаманы, ул бик ныҡ асыуланды һәм көйөндө. Ул Раббыға былай тип доға ҡылды: – Эй Раббым! Мин үҙ илемдә саҡта уҡ, шулай булыр, тип әйтмәгәйнемме ни? Шул арҡала мин Таршишҡа ҡасҡайным. Мин Һинең мәрхәмәтле һәм рәхимле, сикһеҙ түҙемле һәм оло мөхәббәтле Алла булыуыңды, язалауҙан шатланып баш тартыуыңды белә инем бит. Инде иһә, йә Раббым, минең ғүмеремде ал: йәшәгәнсе, үлгәнем артыҡ. – Асыуланып яҡшы эшләйем тиһеңме? – тип һораны Раббы. Юныс ҡаланан сыҡты ла уның көнсығыш яғына барып ултырҙы. Шунда үҙенә ҡыуыш эшләп алды, уның күләгәһенә йәшенеп, ҡала менән ни булырын күҙәтә башланы. Раббы Алла күләгәһе, көйөнөсөнән дауа булһын тип, Юныстың баш өҫтөнә бер үҫемлек үҫтерҙе. Юныс был үҫемлеккә бик ныҡ шатланды. Ләкин Алла иртәгәһенә иртәнсәк бер бөжәк ебәрҙе. Бөжәк, үҫемлекте кимереп, уны һулытты. Ҡояш сыҡҡас, Алла эҫе көнсығыш елен иҫтерҙе. Ҡояшҡа Юныстың башы беште. Ул хәлдән тайып, үҙенә үлем теләне: «Былай йәшәгәнсе, үлеүем артыҡ», – тип уйланы. – Үҫемлек арҡаһында шулай асыуландыңмы? – тип һораны Алла Юныстан. – Эйе, – тине Юныс. – Үлем сигенә етерлек асыуландым. – Һиңә үҙең бер ниндәй ҙә хеҙмәт һалмаған һәм үҫтермәгән, бер төндә үҫеп сығып, бер төндә юҡҡа сыҡҡан үҫемлек йәл, – тине Раббы. – Ә Мин уң ҡулын һулынан айыра белмәгән йөҙ егерме меңдән ашыу кеше менән бик күп мал-тыуар йәшәгән бөйөк Ниневе ҡалаһын нисек йәлләмәйем? Йәһүҙә батшалары Йоҫам, Ахаз һәм Хизкияһ хакимлыҡ иткән осорҙарҙа Морешеҫ кешеһе Михаға Самария һәм Йәрүсәлим хаҡында күренмеш менән Раббы һүҙе булды. Бөтә халыҡтар, тыңлағыҙ, Ер йөҙө һәм унда йәшәгәндәр, ҡолаҡ һалығыҙ! Раббы Хаким Үҙенең изге ҡорамынан Һеҙгә ҡаршы шаһитлыҡ ҡыласаҡ. Бына, Раббы урынынан сығыр, Тау баштарына баҫып, аҫҡа төшөр. Утта ирегән балауыҙмы ни, Аяҡ аҫтарында тауҙар ирер; Түбәләрҙән аҡҡан һыуҙармы ни, Үҙәнлектәр икегә йырылыр. Былар барыһы ла Яҡуптың енәйәте, Исраил халҡының гонаһы арҡаһында. Яҡуп нәҫеленең фетнәһе өсөн кем яуаплы? Самария түгелме ни? Йәһүҙәләге табыныу ҡалҡыулыҡтары өсөн Кем яуап бирер? Йәрүсәлим түгелме ни? «Шуға күрә Мин Самарияны харабаға – Йөҙөм ағастары үҫтерә торған урынға әйләндерәм. Ҡала таштарын үҙәнгә быраҡтырам, Нигеҙенә тиклем емерәм, – ти Раббы. – Һын-боттары ватып ырғытылыр, Зина ҡылып алған бүләктәре яндырылыр, Бөтә боттарын юҡҡа сығарам! Фәхешлеге өсөн йыйған бүләктәре Фәхишәләргә түләргә тотонолор!» Шуға күрә мин илап һыҡтармын, Ялан аяҡ, ялан өҫ йөрөрмөн. Ҡайғым ҡаты – сүл бүреһеләй олойом, Төнгө ябалаҡтай ухылдайым. Сөнки Самарияның яралары уңалмаҫ, Уның сире Йәһүҙәгә лә килде, Халҡым йәшәгән Йәрүсәлимдең Ҡапҡаларынаса барып етте. Быны Ғаҫта белдермәгеҙ, Унда һыҡтамағыҙ, һыҡтамағыҙ. Бейт-Леғафрала ҡайғынан туҙанға ятып аунағыҙ. Эй Шафир халҡы, Шыр яланғас, мәсхәрәлә килеш китерһегеҙ. Саананда йәшәгәндәр ҡалаларынан сыға алмаҫ, Бейт-Әсәлдең халҡы ҡайғырып йәш түгер: Һеҙгә ярҙам күрһәтеүсе булмаҫ. Мароҫ халҡы өмөтләнеп яҡшылыҡ көткәйне, Әммә Раббынан Йәрүсәлим ҡапҡаларына афәт килде. Эй Лахишта йәшәгәндәр, Аттарығыҙҙы яу арбаларына егегеҙ. Сион-ҡыҙҙың гонаһының башы һеҙ булдығыҙ, Сөнки Исраилдың енәйәттәренә һеҙ ғәйепле. Шуның өсөн Морешеҫ-Ғаҫҡа бирнә бирерһегеҙ; Ахзив ҡалаһы Исраил батшаларын алдаясаҡ. Эй Марешала йәшәгәндәр, Раббы һеҙгә илбаҫарҙар алып килә. Исраилдың затлы кешеләре Ғадуллам мәмерйәһенә һыйынасаҡ. Эй Йәһүҙә, ғәзиз балаларыңа ҡайғырып, сәсеңде ҡыр, Башың ҡарағош башылай ялтас ҡалһын, Сөнки балаларың һинән һөргөн китәсәк! Түшәктә ятҡан килеш яманлыҡ уйлап, Яуызлыҡ ниәтләгәндәрҙең башына ҡайғы! Таң һыҙылыу менән залимлыҡтарын ҡылырҙар, Сөнки уларҙың быға көстәре етә. Кеше баҫыуына күҙе төшһә – баҫып ала, Өй теләһә, хужаһын да, Ғаиләһен дә аяп тормай – тартып ала, Кешене мираҫ еренән мәхрүм итә. Шуның өсөн Раббы былай ти: «Был нәҫелгә бәлә әҙерләйем, Яурынығыҙҙан һелкеп төшөрә алмаҫһығыҙ. Залим заман килер өҫтөгөҙгә – Башығыҙҙы текә тотоп йөрөмәҫһегеҙ. Ул көндө һеҙҙе ғибрәт итеп һөйләрҙәр, Хәсрәтле йыр һүҙҙәрен ҡабатлап үсекләрҙәр: „Таланылар беҙҙе, таланылар! Минең халҡымдың өлөшөн һаталар! Ҡайғы беҙгә! Еребеҙ тартып алына! Баҫыуҙарыбыҙҙы беҙҙе әсиргә алғандарға өләшәләр“. Шулай икән, Раббы йыйынында Биләмәңдең сиген үлсәргә лә кешең булмаҫ. Кешеләр әйтә: „Беҙгә аҡыл өйрәтмә! Бындай хәлдәр тураһында һөйләмә. Беҙ хурлыҡҡа ҡалмайбыҙ“, – тиҙәр. Эй Яҡуп нәҫеле, һеҙгә әйтелмәнеме ни? Раббының сабырлығы бөткәнме? Шулай эшләй аламы Ул? Дөрөҫ юлда йөрөгәндәргә Минең һүҙҙәрем яғымлы түгелме ни? Ләкин һуңғы ваҡыттарҙа Минең халҡым Үҙемә дошман булды: Дошманлашыу уйында ла булмаған, Тыныс ҡына йөрөп ятҡан кешеләрҙең Кейемдәрен талап алаһығыҙ. Халҡымдың ҡатын-ҡыҙҙарын Йәмле өйҙәренән сығарып ебәрәһегеҙ, Балаларынан Минең хәйер-фатихамды Мәңгелеккә тартып алаһығыҙ. Тороғоҙ ҙа ҡуҙғалығыҙ бынан, Был илдә һеҙгә тынғылыҡ булмаясаҡ. Был ер, нәжесләнгән өсөн, Аяуһыҙ рәүештә емереләсәк. Берәй елғыуар алдаҡсы килеп: „Бында шарап менән хәмер мул булыр“, – тип әйтһә, Был халыҡ уны пәйғәмбәрем, тип ҡабул итер». «Эй Яҡуп нәҫеле, Мин һеҙҙе мотлаҡ бергә туплайым, Исраилдың иҫән ҡалғандарын йыйып алам. Аҙбарҙағы һарыҡ, көтөүлектәге мал һымаҡ Илегеҙ кешеләр менән тулыр. Шул саҡ ҡаршылыҡтарҙы емереүсе Үҙенең халҡы алдынан барыр. Улар, ҡапҡаларҙы бәреп асып, азатлыҡҡа сығыр, Батшалары Алла Үҙе алдан атлар, Раббы юл башлаусы булыр». Мин, Миха, былай тинем: «Тыңлағыҙ, Яҡуптың башлыҡтары, Исраил халҡының хакимдары, Һеҙҙән башҡа тағы кем ғәҙеллекте яҡлаһын? Ә һеҙ яҡшылыҡты кире ҡағып, Яманды яратаһығыҙ. Халҡымдың тиреһенә тиклем һалдыраһығыҙ, Һөйәгенән итен айыраһығыҙ. Һеҙ халҡымдың итен ашайһығыҙ: Тиреһен һыҙыраһығыҙ, Һөйәген ватҡылайһығыҙ; Ҡаҙанда бешерергә, Табала ҡыҙҙырырға йыйынған һымаҡ, Итен тураҡлайһығыҙ. Ләкин шундай көн килер – Раббыға ялбарырһығыҙ, Әммә Ул һеҙгә яуап ҡайтармаҫ. Золом ҡылғанығыҙ өсөн, Ул һеҙҙән йөҙөн йәшерер». Халҡымды аҙҙырған пәйғәмбәрҙәргә Раббы былай ти: «Һеҙҙе ашатҡандарға тыныслыҡ юрайһығыҙ, Туйҙырмағандарға һуғыш иғлан итәһегеҙ. Шуға күрә һеҙгә күренмештәрһеҙ төн килер, Ҡараңғыла күрәҙәлек итә алмаҫһығыҙ. Пәйғәмбәрҙәр өсөн ҡояш батыр, Көнөгөҙҙө ҡараңғылыҡ баҫыр. Юраусылар – оятҡа, Күрәҙәселәр хурлыҡҡа ҡалыр, Оялыштан йөҙҙәрен ҡапларҙар, Сөнки Алланан яуап ала алмаҫтар». Мин иһә Яҡупҡа енәйәттәрен, Исраилға гонаһтарын әйтер өсөн, Көс менән, Раббының Рухы менән, Хаҡлыҡ һәм батырлыҡ менән тулымын. Тыңлағыҙ, Яҡуп йортоноң башлыҡтары, Исраил халҡының хакимдары! Хаҡ хөкөмдө һанға һуҡмайынса, Ғәҙеллекте нәфрәт итеп, Сионды – ҡан өҫтөндә, Йәрүсәлимде ғәҙелһеҙлек өҫтөндә төҙөнөгөҙ. Бында башлыҡтары ришүәт өсөн хөкөм итә, Ҡаһиндары түләмәйсә белем бирмәй, Пәйғәмбәрҙәр аҡса өсөн күрәҙәлек итә, Һәр ҡайһыһы Раббыға таянмаҡ: «Раббы беҙҙең менән түгелме ни? Башыбыҙға бәлә килмәйәсәк!» Шуға күрә лә һеҙҙең арҡала Сион баҫыу һымаҡ һөрөләсәк, Йәрүсәлим таш өйөмөнә әйләнәсәк, Ҡорам тауын урман ҡаплаясаҡ. Ахырҙа шундай көндәр килер: Раббының йорто торған тау Бөтә тауҙарға баш булыр, Түбәләрҙән юғарыраҡ ҡалҡып торор, Халыҡтар уға ағылыр. Бихисап ҡәүемдәр килеп бер-береһенә: «Әйҙәгеҙ, Раббы тауына, Яҡуп Аллаһының йортона сығайыҡ, – тиер. – Ул беҙгә Үҙ юлдарын өйрәтһен, Беҙ Уның һуҡмағынан йөрөрбөҙ». Сөнки ҡанун – Сиондан, Раббы һүҙе Йәрүсәлимдән килер. Раббы бихисап халыҡтар араһында хөкөм ҡылыр, Алыҫтағы көслө ҡәүемдәрҙең дәғүәһен хәл итер. Улар ҡылыстарынан төрән, Һөңгө башаҡтарынан ураҡ ҡойор. Халыҡ халыҡҡа ҡылыс күтәрмәҫ, Яу һөнәренә башҡа өйрәнмәҫ. Һәр кем үҙенең йөҙөм тәлгәше, Инжир ағасы аҫтында ултырыр. Уларҙы бер кем ҡурҡытмаҫ, Сөнки Күк ғәскәрҙәре Раббыһы шулай тине. Һәр халыҡ үҙ аллаһының исеме менән йәшәй; Беҙ иһә һәр ваҡыт һәм мәңге Аллабыҙ Раббы исеме менән йәшәрбеҙ. «Ул көндө, – тип белдерә Раббы, – Сатанын да йыйырмын, ҡыуылғанын да, Үҙем бәләгә ҡалдырғанын да туплармын. Аҡһағын иҫән ҡалған өлөш итермен, Аҙашҡанын ҡеүәтле халыҡҡа әйләндерермен. Ошо көндән башлап мәңгелеккә Мин Раббығыҙ Сион тауында уларға хакимлыҡ ҡылырмын. Ә һин, эй көтөүҙе күҙәтә торған манара, Сион-ҡыҙҙың нығытмаһы булған Йәрүсәлим, Хакимлығың һиңә кире ҡайтыр, Йәрүсәлим батшалығын кире алыр». Әле һуң ниңә һөрән һалаһың? Әллә яныңда һинең батшаң юҡмы? Кәңәшселәрең һәләк булғанмы? Тулғаҡ тотҡан ҡатын һымаҡ, Ғазап кисерәһең түгелме? Һыҙланыуҙан бөгөл, эй Сион-ҡыҙ, Тулғаҡ тотҡан ҡатын шикелле; Инде ҡаланан сығып ҡырҙа ҡунырһың, Бабилға тиклем барып етерһең, Шунда ҡотолоу табырһың. Дошмандарыңдың ҡулынан унда Раббы һине йолоп алыр. Әле иһә бихисап ҡәүемдәр Һиңә ҡаршы теш сарлайҙар: «Әйҙә, Сион оятҡа ҡалып нәжесләнһен, Үҙ күҙебеҙ менән күрәйек!» Ләкин улар Раббының ниәтен белмәй, Уның маҡсатын аңламай, Ырҙынға йыйылған көлтә һымаҡ, Раббы бит уларҙы һуғырға йыйып килтерҙе. «Тор, Сион-ҡыҙ, ашлыҡ һуғырға тотон, – ти Раббы, – Һине башмаҡ шикелле тимер мөгөҙлө, баҡыр тояҡлы итәм: Бихисап халыҡты иҙеп саң-туҙан итерһең, Уларҙың яумалын Раббыға, Мөлкәтен бөтә ер йөҙөнөң бөйөк Хакимына Бағышлап харам ҡылырһың». Эй ғәскәрле ҡала, инде яугирҙәреңде йый! Беҙҙе ҡамауға алдылар, Исраил хакимының битенә таяҡ менән тондоралар. Эй һин, Әфраҫалағы Бейт-Ләхәм, Йәһүҙә нәҫелдәренең иң бәләкәсе булһаң да, Минең ихтыярым буйынса, Исраилға юлбашсы буласаҡ зат һинән сығыр. Уның тамыры әүәлдән, борон-борондан уҡ килә. Хаҡтыр: йөклө ҡатын балаһын тапҡанға тиклем Раббы исраилдарҙы дошмандарына бирәсәк. Һуңынан бөтә туғандары исраилдарға ҡайтасаҡ. Шул саҡ Раббының ҡөҙрәте менән, Аллаһы Раббының данлы исеменә сорналып көтөүсе килер, Исраил халҡы хәүеф-хәтәрһеҙ йәшәр, Сөнки ул заттың даны бөтә донъяға таралыр. Ул халҡына тыныслыҡ килтерер. Әгәр Ашшур илебеҙҙе баҫһа, Беҙҙең ҡәлғәләрҙе тапаһа, Уға төбәп ете көтөүсе, Һигеҙ башлыҡ ҡаршы сығыр. Ашшур ерендә – ҡылыс менән, Нимруд илендә яланғас ҡылыс менән идара итерҙәр. Ашшурҙар илебеҙгә бәреп инеп, Еребеҙгә аяҡ баҫһа, Беҙҙе хакимыбыҙ йолоп алыр. Яҡуп нәҫеленең иҫән ҡалғандары Бихисап халыҡтар араһында Раббының ысығы һымаҡ, Һис кем уйламаған, көтмәгәндә Килеп яуған ҡойма ямғыр кеүек булыр. Яҡуп нәҫеленең иҫән ҡалғандары Ҡәүемдәр, бихисап халыҡтар араһында, Урман кейектәре араһындағы арыҫлан, Һарыҡ көтөүе эсендәге йәш арыҫлан булыр: Бер ташланһа – өҙөп, тетеп ташлар, Бер кем уға ҡаршы тора алмаҫ, ярҙам итмәҫ. Эй Исраил, ҡулың дошмандарыңдың өҫтөнә ҡалҡһын, Һиңә ҡаршы булғандарҙы тар-мар итһен. «Ул көндө, – тип белдерә Раббы, – Мин һинең аттарыңды юҡ итермен, Һуғыш арбаларыңды ҡырырмын. Илеңдәге ҡалаларҙы тар-мар итеп, Бөтә ҡәлғәләрҙе емерермен. Арағыҙҙа сихырҙы бөтөрөрмөн, Күрәҙәселәрең юҡҡа сығыр; Һындарыңды, табыныу бағаналарыңды юҡ итермен, Ҡулың менән эшләгән нәмәләргә һин табынмаҫһың. Ашераның ҡолғаларын ҡырҡып ташлармын, Ҡалаларыңды ер менән тигеҙләрмен. Баш бирмәҫ халыҡтарҙан Асыуланып-ярһып үс алырмын». Раббының әйткәненә ҡолаҡ һалығыҙ: Тороғоҙ, дәғүәгеҙҙе тауҙар алдында белдерегеҙ, Ҡалҡыулыҡтар ишетһен тауышығыҙҙы. Тауҙар һәм ерҙең ҡаҡшамаҫ нигеҙҙәре, Ишетегеҙ Раббының дәғүәһен. Раббы Үҙ халҡын хөкөмгә саҡыра, Исраил менән дәғүәләшә. «Эй халҡым, һиңә ҡаршы Мин ни эшләнем? Һине Мин нисек йонсоттом, яуап ҡайтар, – ти Раббы. – Һине Мысырҙан сығарҙым, Ҡоллоҡ йортонан йолоп алдым, Муса менән Һарунды, Мирйәмде Һинең алдыңдан ебәрҙем. Халҡым Минең, иҫеңә төшөр, Моав батшаһы Балаҡтың ниәттәрен, Беғор улы Билғамдың яуаптарын, Шиттимдән Гилгалғаса булғандарҙы Хәтергә ал, шунда аңларһың Раббының һиңә күпме яҡшылыҡ күрһәткәнен». Раббы алдына нимә менән баҫырмын, Юғарыларҙан Юғарыға нисек сәждә ҡылырмын? Тотош яндырыу ҡорбандары, Бер йәшлек башмаҡ килтерепме? Меңләрләгән һарыҡ тәкәләрен, Ташҡын һымаҡ аҡҡан зәйтүн майын хуш күрерме Раббы? Енәйәтем өсөн – баш баламды килтерәйемме? Гонаһым өсөн – йөрәк ярып сыҡҡан сабыйымды? Эй кеше, нимә яҡшы икәнен Раббы һиңә белдерҙе: Раббы һинән талап иткән нәмә – Ғәҙеллек ҡыл, мөхәббәтле булыуҙан ләззәт ал, Алла хозурында күндәм йәшә. Раббынан ҡурҡыу иһә – аҡыл билдәһе. Тыңлағыҙ! Раббы ҡалаға һөрән һала: «Эй ҡалаға йыйылған йәмғиәт, ишет! Ҡалала йәшәүселәр, ҡолаҡ һалығыҙ! Ямандарҙың өйөндәге хәрәм мал-байлыҡҡа, Ҡәһәр төшкөр ялған үлсәүҙәргә түҙеп тораммы ни? Боҙоҡ бизмән, ялған герҙәр менән эш итеүсене аҡлай буламмы? Был ҡаланың байҙары кеше талай, Ябай халыҡ алдаҡ һөйләй, ауыҙҙары мәкер сәсә. Эй ҡала, шуға күрә һине тар-мар итермен, Гонаһтарың өсөн буш ҡалырһың. Ҡорһаҡ тултырып ашарһың, туймаҫһың, Ҡарының гелән ас ҡалыр; Байлыҡ йыйырһың, һаҡлай алмаҫһың, Ҡалғанына ҡылыс йүнәлтермен. Сәсерһең, ләкин урмаҫһың, Зәйтүн һығырһың, май һөртөнмәҫһең; Йөҙөм иҙерһең, шарабын эсә алмаҫһың. Ғомри батшаның ҡағиҙәләрен үтәп, Ахав йортоноң йолаларын тоттоғоҙ; Улар кәңәшенә тоғроһоғоҙ. Шуға күрә һине бушлыҡҡа әйләндерәм, Ҡала халҡын хурлыҡҡа ҡалдырам, Ҡәүемдәр өсөн мәсхәрә булырһығыҙ». Ҡайғы миңә! Йәйге уңыш йыйып алынғас, Йөҙөм ҡыуағында бер тәлгәш емеш таба алмаған, Иртә өлгөргән инжирҙән бер бөртөк тә Ауыҙ итә алмаған кешеләй булдым. Илдә Аллаға тоғролар ҡалманы, Намыҫлы кешеләр бөткән. Һәммәһе ҡан түгер өсөн боҫҡонда торор, Туған туғанына тоҙаҡ ҡорор. Яманлыҡҡа ҡулдары ҡайһылай оҫта: Етәкселәр бүләк талап итә, Хөкөмсөләр ришүәт ала, Хакимдар теләгәнен таптыра. Бөтәһе лә хәйлә менән эш итә. Уларҙың иң яҡшыһы – дегәнәк кеүек, Иң ғәҙеле – сәнскәк ҡыуаҡ. Ләкин бына күҙәтселәр иҫкәрткән көн – Яза көнө килеп етте, Ҡаушау солғап алыр уларҙы. Дуҫыңа ышанма, Яҡыныңа таянма, Ҡуйыныңда ятҡанға ла Эс сереңде аслан асма. Сөнки улы атаһын хурлай, Ҡыҙ әсәһенә, килен ҡәйнәһенә баш күтәрә, Кешенең дошмандары – үҙ өйөндәгеләр. Ә мин Раббыға өмөт бағлайым, Ҡотҡарыусы Аллама күҙ төбәйем, Ишетәсәк мине Аллам. Хәлемә ҡыуанма, эй дошманым! Мин йығылһам да, торормон, Ҡараңғылыҡта ҡалһам да, Раббым миңә яҡтылыҡ булыр. Минең дәғүәмде хәл итеп, Ғәйебемде аҡлағансы, Раббының асыуына түҙермен, Сөнки мин Раббыға ҡаршы гонаһ ҡылдым. Ә һуңынан мине яҡтыға сығарыр, Шунда ғәҙеллеген күрермен. Быға ҡарап: «Аллаң Раббы ҡайҙа һинең?» – Тигән дошманым хурланыр, Шунда үҙ күҙем менән күрермен уның Урам батҡағы ише аяҡ аҫтында тапалғанын. Эй Йәрүсәлим, Диуарҙарың ҡайтанан төҙөлөр, Сиктәрең тағы ла киңәйер көн килә. Ул көн һинең халҡың Ашшурҙан Мысырға тиклем, Мысырҙан Евфратҡа ҡәҙәр, Диңгеҙҙән – диңгеҙгәсә, Тауҙарҙан тауҙарғаса Йәйрәп ятҡан ерҙәрҙән һиңә ҡайтыр. Әммә унда йәшәгәндәр арҡаһында, Уларҙың ғәмәлдәренә күрә Был ерҙәр бушлыҡҡа әйләнер. Йә Раббы, ҡулыңдағы таяғың менән Үҙ халҡыңды – өлөшөң булған көтөүеңде – көт. Тирә-яҡта уңдырышлы ерҙәр булһа ла, Улар урман шырлығында яңғыҙ көн күрә. Инде улар элекке дәүерҙәрҙәге һымаҡ Башан менән Ғилғәдтә утлап йөрөһөн. Беҙҙе Мысырҙан сығарған көндәрҙәге кеүек Халҡың өсөн мөғжизәләреңде ҡыл. Ҡәүемдәр быны күрер ҙә Ҡеүәттәре юҡлыҡҡа оялыр; Устары менән ауыҙҙарын ҡапларҙар, Ҡолаҡтарын томаларҙар. Йылан һымаҡ, һөйрәлеүселәр һымаҡ туҙан яларҙар, Ҡалтыранып, үҙ өңдәренән килеп сығырҙар, Эй Аллабыҙ Раббы, улар Һинән ҡурҡып, Дәһшәт эсендә Һинең яғыңа боролорҙар. Һинең һымаҡ гонаһтарҙы ярлыҡаған, Үҙ халҡының иҫән ҡалғандарының ғәйебен ғәфү ҡылған, Мәңгелеккә асыуын тотмаған, Тоғро һөйөүенән ләззәт алғанБашҡа алла бармы? Ғәйре беҙгә йәнә миһырбанлы булырһың, Ғәйептәрҙе беҙҙең юйып ташларһың, Гонаһтарҙы диңгеҙ упҡынына ырғытырһың. Яҡупҡа, зинһар, тоғро була күр, Ибраһимға гелән яҡшылыҡ ҡыл. Әүәл Һин бит беҙҙең ата-бабаларға Тап шулай тип ант иткәнһең. Ниневе тураһында әүлиәлек. Әлҡоштан Нахумдың күренмеш китабы. Раббы – көнсөл, үс алыусы Алла. Үсле Алла ярһыу менән тулы, Үҙ дошмандарынан үс ала Ул, Ҡаршы сыҡҡандарҙы аяп тормай. Раббы асыуланмай оҙаҡ түҙә, Әммә ҡеүәте Уның сикһеҙ; Золомдо язаһыҙ ҡалдырмай, Уның юлы – дауыл, ғәрәсәттер, Ә болот – аяғы аҫтындағы туҙан. Ул янаһа, диңгеҙ ҡорор, Бөтә йылғаларҙың һыуы кибер, Башандың, Кармәл тауының йәшеллеге шиңер, Ливандың гөл-сәскәләре һулыр. Раббы хозурында тауҙар тетрәр, Ҡалҡыулыҡтар ҡалтыраныр, Унан ҡурҡып, ер йөҙө, бар донъя Һәм унда йәшәүселәр тетрәнер. Уның асыуына кем ҡаршы торор, Ялҡынлы ярһыуына кем сыҙар? Ут һымаҡ түгелә Уның асыуы, Ҡаршыһында ҡаялар ҡыйрала. Раббы игелекле – ҡайғы көнөндә һыйыныр урын, Үҙенә өмөт бағлағанды хәстәрләй. Һыуҙан баҫтырып Ниневене юҡ итәсәк, Дошмандарын ҡараңғыға ырғытасаҡ Раббы. Раббыға ҡаршы ниндәй мәкер ҡорһаң да, Ул барыбер юҡҡа сығарасаҡ, Дошман ҡабат баш күтәрә алмаясаҡ. Бер-береһенә сырмалған сәнскәк һымаҡ, Лаяҡыл иҫерек эскеселәр кеүек улар, Ҡыу һаламдай, гөлтләп янып бөтәсәктәр. Эй Ниневе, Раббыға ҡаршы золом уйлаған, Мәкер йөрөткән кеше һинән сыҡты. Раббы былай ти: «Ашшурҙар көслө һәм күмәк булһалар ҙа, Ҡырҡып ташланыр һәм юҡ булырҙар. Ә һиңә, Йәһүҙә, ғазап ебәргәйнем, Бынан ары һине яфаламам. Муйыныңдан дошман ҡалыбын ватырмын, Бығауҙарыңды өҙөрмөн». Ә һинең хаҡта, Ниневе, Раббы бына ниндәй әмер бирҙе: «Исемең юғаласаҡ, вариҫтарың булмаясаҡ. Илаһтарың ҡорамынан һындарыңды, Ҡойма илаһтарыңды һепереп түгәм; Ә үҙеңә ҡәбер әҙерләйем, Сөнки һин бик әшәке затһың». Бына, һөйөнсө килтереүсенең Аяҡтары тауҙар артыла. Ул тыныслыҡ иғлан итә! – Эй Йәһүҙә, байрамсыла байрамыңды, Биргән нәҙерҙәреңде үтә. Бынан ары һине залимдар тапамаҫ, Улар тулыһынса юҡ ителеп бөттө. Эй Ниневе, һиңә ҡаршы емереүсе күтәрелә, Нығытмаларыңды нығыт, юлдарыңды һаҡла, Билеңде быу, бар булған көсөңдө тупла. Сөнки Раббы Яҡуп нәҫеленең бөйөклөгөн, Исраилдың әүәлге бөйөклөгөн кире ҡайтарыр, Дошмандары уларҙы тапап, Йөҙөм баҡсаларын харап итһәләр ҙә. Яугирҙәрҙең ҡалҡандары ҡыҙыл, Һуғышсылар бурҙат ҡыҙылдан кейенгән; Алыш алдынан яу арбалары Ут-ялҡын һымаҡ ялтырай, Баш осонда һөңгөләр сафы сайҡала. Яу арбалары ғәрәсәт һымаҡ уҙа, Майҙандарҙан унда-бында елә; Улар ялҡын һымаҡ балҡый, Йәшен ише ялт-йолт килә. Дошман үҙенең ғәскәр башлыҡтарын саҡыра, Улар абына-һөрөнә ашыға; Ҡала диуарҙарына йүгерәләр – Унда инде ҡамау манаралары ҡоролған. Йылға ҡапҡалары асыла, Батша һарайы ҡурҡыуҙан ҡалтырана. Шулай итеп, алдан хәл ителгән: Ҡала халҡы һөргөнгә оҙатыласаҡ; Уның ҡол ҡыҙҙары, күкрәк төйөп, Күгәрсендәр һымаҡ ыңғыраша. Ҡаса Ниневе халҡы Йырылған быуанан һыу киткәндәй. «Туҡта, туҡта!» – тип аҡырһалар ҙа, Һис кем артына боролмай. Көмөшөн ал, алтын урла! Хазинаның иҫәбе-һаны юҡ, Зиннәтле әйберҙәр бихисап. Емерелде, ергә тигеҙләнде, Бушлыҡҡа әйләнде Ниневе. Йөрәк ҡалтырай, тубыҡ дерелдәй, Бөтөн тән ғазаптан тетрәнә, Йөҙҙәр ҡурҡыуҙан ағарына. Арыҫлан ояһы ҡайҙа хәҙер, Йәш арыҫландар ашана торған урын? Арыҫлан менән инә арыҫлан боҫҡан, Көтөйҙәрен һис кем борсомаған ер ҡайҙа? Балалары өсөн арыҫлан һунар сапты, Инә арыҫлан өсөн табышын боғаҙланы; Мәмерйәһен аулаған йәнлектәр менән, Ояһын ҡорбандары менән тултырҙы. Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Бына, һиңә ҡаршы сығам, Яу арбаларыңды яндырам – төтөнгә әйләнерҙәр; Һинең йәш арыҫландарыңды ҡылыс тураҡлар, Ерҙә йыртҡыслығыңа сик ҡуям, Илселәреңдең тауышы тынып ҡалыр!» Ҡулдары ҡанлы ҡалаға – ҡайғы! Ҡайҙа барма – алдаҡ унда, Үлтереш-талауҙарҙың иге-сиге юҡ. Ҡамсы шыйылдай, тәгәрмәстәр гөрһөлдәй, Аттар кешнәй, яу арбалары елдерә; Яйҙаҡтар аттарын ҡамсылай, Ҡылыс ялтырай, һөңгө ялтылдай. Үлтерелгәндәр бихисап, Үле кәүҙәләр тау-тау өйөлгән, Аҙым һайын мәйеткә абыналар. Үтә сибәр, сихри көскә эйә булған Фәхишә Ниневенең боҙоҡлоғонан килеп сыҡты былар. Ҡәүемдәрҙе аҙғынлығы менән, Халыҡтарҙы тылсымы менән үҙенә әсир итте. Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Бына, һиңә ҡаршы сығам, Итәгеңде ҡайырып асып, битеңә ҡаплайым, Халыҡтарға яланғаслығыңды, Батшалыҡтарға оятыңды күрһәтәм. Өҫтөңә бысраҡ ырғытам, Һине хурлыҡҡа төшөрәм, Ғәм алдында мәсхәрәгә ҡалдырам. Күргән һәр кем һинән тайшаныр: „Ниневе харабаға әйләнгән“, – тиер. Һинең өсөн бер кем дә йәш түкмәҫ, Һине йыуатыусы табылмаҫ». Нил буйында урынлашҡан, Һәр тарафтан һыу уратып алған Но-Амондан ни яғың менән өҫтөнһөң? Уның ҡоймаһы ла диңгеҙ ине, Диуары ла һыу булды. Куш менән Мысыр уның һанһыҙ ҡеүәте ине, Пут һәм Ливия ярҙамға ашыға торғайны. Әммә ул да әсирлеккә төштө, Халҡы һөргөнгә ҡыуылды. Сабыйҙары урам саттарында киҫәктәргә тураҡланды, Аҡһөйәктәре, ҡол булып, йәрәбә аша бүленде, Вәзир-бәктәргә бығау һалынды. Һин дә шул хәмерҙе эсерһең, эй Ниневе, Иҫергәнсе, иҫтән яҙғансы; Һин дә дошмандан ҡотолоу яйын эҙләрһең, Әммә тырышлығың бушҡа булыр. Бөтә ҡәлғәләрең менән һин үҙең Емеше өлгөргән инжир ағасына тиңһең. Һелкетеү менән, ашарға теләгәндең Ауыҙына өҙөлөп төшәсәкһең. Ғәскәрҙәреңә ҡара! Улар бисәләр һымаҡ ҡурҡаҡ. Ил ҡапҡаһы дошмандарың алдында шар асыҡ, Ут уның арҡыры биктәрен ялмай. Ҡамауға әҙерлән, эсергә һыу йыйып ҡуй, Ҡәлғәләреңде нығыт, Мәтегә инеп, балсыҡ баҫ, Кирбес һуғыр өсөн ҡалып йүнәт. Барыбер утта һәләк булырһың, Ҡылыс киҫкеләп тураҡлар, Саранча ҡоротҡан уңыштай юҡҡа сығырһың. Саранча шикелле, үрсе, әйҙә, Саранчаның тубы һымаҡ күбәй. Сауҙагәрҙәрең күктәге йондоҙҙарҙан да күп, Әммә дошман илеңде саранча һымаҡ талап китер. Түрәләрең – саранча кеүек, Хәрби етәкселәрең – саранча тубы, Һалҡында диуарға уҡмаша ла Ҡояш сығыу менән осоп китә. Эй Ашшур батшаһы, Көтөүселәрең үлем йоҡоһона талған, Аҡһөйәктәрең һуҙылып ятҡан, Халҡың тауҙарға таралған, Йыйып алыр кешең ҡалмаған. Яраларыңа дауа юҡ, йәрәхәтең үлемесле. Хәлеңде ишеткәндәр ҡыуанып ҡул сабыр, Сөнки һинең сикһеҙ вәхшәтеңдән Зыян күрмәгән берәйһе бармы? Хаваҡҡуҡ пәйғәмбәргә күренмеш аша бирелгән әүлиәлек. Ҡасанғаса, Раббы, ярҙам һорап ялбарырмын, Ә Һин ишетмәйһең; «Золом бар!» – тип Һиңә һөрәнләрмен, Ә Һин ҡотҡармайһың! Ниңә мине яуызлыҡ күрергә мәжбүр итәһең, Үҙең залимлыҡҡа битарафһың? Ҡайҙа ғына ҡараһам да – талау, иҙеү, Ыҙғыш, дошманлыҡ сигенән ашҡан, Шуға күрә ҡанун көсһөҙләнде, Ғәҙел хөкөм итеүсе юҡ, Ғәйепһеҙҙе енәйәтсе еңеп сыға, Сөнки хөкөм эше залимлашҡан. «Ҡәүемдәргә ҡарағыҙ ҙа, күрегеҙ! Аптырап шаҡ ҡатырһығыҙ. Һеҙҙең көндәрҙә Мин шундай ғәмәл ҡылам, Һөйләһәләр ҙә, ышанмаҫһығыҙ. Башҡаларҙың ил-йорттарын баҫып алыр өсөн Донъяның дүрт тарафын айҡап сапҡан Аяуһыҙ һәм етеҙ ҡәүем халдейҙарҙы күтәрәм. Ҡурҡыныс та, шәфҡәтһеҙ ҙә улар, Был ҡәүем – үҙенә үҙе ҡанун һәм хаким. Аттары уның ҡапландан етеҙ, Төнгө бүренән дә ҡанһыҙ. Яйҙаҡтары төрлө тарафтарҙан елә Табышына ташланған бөркөттәй. Барыһының да уйында – золом, Көнсығыш еле һымаҡ еләләр, Әсирҙәрҙе ҡом һымаҡ һепереп баралар. Батшаларҙы мыҫҡыллайҙар, Хакимдарҙан әсе көләләр, Ҡәлғәләрҙе уйнап ҡына еңәләр – Уба ҡора ла ҡулға төшөрәләр. Юлындағы бар нәмәне ел һымаҡ һепереп уҙа, Ҡеүәттәрен үҙҙәренә алла иткән был әҙәмдәр Ғәйепле, улар язанан ҡаса алмаҫтар». Йә Раббы, изге Аллам, Әүәл-әүәлдән бирле булған Һин түгелме ни? Беҙ үлмәйәсәкбеҙ! Йә Раббы, беҙҙе язалар өсөн Һин халдейҙарҙы һайланың! Ҡаям минең, хөкөмөңдө ғәмәлгә ашырыр өсөн Һин уларҙы көсләндерҙең! Һинең саф ҡарашың залимлыҡҡа ҡарар өсөн түгел, Яуызлыҡҡа түҙә алмайһың Һин. Шулай булғас, был мәкерлеләргә нисек ҡарайһың, Яуыз ғәйепһеҙҙең башын ашағанда өндәшмәйһең? Кешеләрҙе диңгеҙ балығына, Башлыҡтары булмаған һөйрәлеүсегә әйләндерҙең. Халдейҙар уларҙы ҡармаҡҡа ҡаптыра, Ау һала, мурҙа ҡора, Шунан йәм таба, шатлана. Шул арҡала ауҙарына арнап ҡорбан сала, Мурҙаһына бағышлап хуш еҫ төтәтә, Шул ҡорамалдар арҡаһында мул йәшәй, Шул арҡала тәмле ашап ләззәтләнә. Ауҙарын бер туҡтауһыҙ бушатып, Ҡәүемдәрҙе аяуһыҙ ҡырыуын дауам итерме? Бағауыл урынына баҫайым, Күҙәтеү манараһында торған килеш Раббының миңә нимә әйтерен, Зарыма нимә тип яуап биререн көтәйем. Раббы миңә былай тип яуап бирҙе: «Күренмеште таҡтаташҡа асыҡ итеп уйып яҙ, Хатта уны йүгереп барған кеше лә уҡырлыҡ булһын. Сөнки һиңә күренгәндәр тәғәйен ваҡытҡа ҡарай, Ахыр хаҡында һөйләй, алдамай, Ҡапыл ғәмәлгә ашмаһа ла, үтәлеүен көт, Сөнки мотлаҡ тормошҡа ашасаҡ. Ҡара, был әҙәм һауалы, ниәте яҡшы түгел; Ә тәҡүә кеше тоғро булыуы арҡаһында йәшәр. Байлыҡ алдатҡыс ул, Уның артынан ҡыуыусы тынғы белмәй. Ауыҙы уның үлеләр донъяһы кеүек асыҡ, Үлем һымаҡ, һаман туйыу белмәҫ. Бөтә халыҡтарҙы үҙенә йыя, Барлыҡ ҡәүемдәрҙе үҙенә туплай». Ләкин әсиргә алынғандар бөтәһе бергә: «Кеше иҫәбенә байыусыға, Аманатты үҙләштереүсегә – ҡайғы, Ғүмер буйы дауам итмәҫ был», – тип Унан көлөр, мыҫҡыл итер. Бер саҡ һин талаған халыҡтар ҡапыл күтәрелмәҫ, тимә; Уянып китеп, һинең ҡотоңдо алмаҫ, Һинең үҙеңде табыш итмәҫ, тимә. Күп халыҡтарҙы һин талаған һымаҡ, Ҡалған халыҡтар, кеше ҡанын түккән, Илдәрен, ҡалаларын бөлдөргән өсөн, Һинең үҙеңде талаясаҡ. Йортона хәрәм юл менән байлыҡ йыйыусыға, Һәләкәттән ҡасмаҡ булып Ояһын бейек-бейектә ҡороусыға ҡайғы! Бихисап халыҡтарҙы юҡ итеп, Үҙ йортоңдо һин хурлыҡҡа ҡалдырҙың, Гонаһың өсөн ғүмерең менән яуап бирерһең. Диуар таштары ҡысҡырыр, Ағас һайғауҙар уларға ҡушылыр: «Ҡаланы ҡан өҫтөндә төҙөгәнгә, Ҡәлғәне яуызлыҡ менән һалғанға ҡайғы!» Милләттәр үҙҙәрен юҡҡа йонсоталар, Халыҡтарҙың бөтә хеҙмәт емештәре – утҡа аҙыҡ булыр. Быны Күк ғәскәрҙәре Раббыһы хәл иткән инде. Һыу диңгеҙҙе тултырған һымаҡ, Ер йөҙө Раббы шөһрәтен танып-белеү менән тулыр. Яҡынының яланғаслығын тамаша ҡылыр өсөн, Уға турһыҡты бушатҡансы хәмер ҡойоп, Иҫерткәнсе эсергән әҙәмгә ҡайғы! Хөрмәт урынына оятҡа туясаҡһың һин! Инде үҙең эс тә сөннәтһеҙлегеңде күрһәт. Раббының уң ҡулындағы яза тулы туҫтаҡ Һине лә урап үтмәҫ, Шөһрәтеңде һинең хурлыҡ алыштырыр. Ливанға ҡылған золомоң үҙ башыңа төшөр, Ундағы йәнлектәрҙе ҡырған өсөн Һине дәһшәт солғап алыр. Һин кеше ҡанын ҡойҙоң, Илгә, ҡалаларға, уларҙа йәшәгәндәргә залимлыҡ иттең. Ниндәй файҙаһы бар оҫта рәүеш биргән һындың – Ялғанға өйрәтеүсе ҡойолма боттоң? Оҫта үҙе эшләгән әйбергә ышана ла, Тик тегеһе бары телһеҙ бот шул. Ағас киҫәгенә: «Уян!», Телһеҙ ташҡа: «Тор!» – тиеүсегә ҡайғы! Берәй нәмәгә өйрәтерме улар? Алтын-көмөш ялатылған был нәмәлә Тормош һулышы юҡ бит. Ә Раббы – Үҙенең изге ҡорамында. Уның алдында бөтә ер йөҙө тын ҡалһын! Хаваҡҡуҡ пәйғәмбәрҙең доғаһы. Эй Раббым, Һинең шөһрәтең хаҡында ишеттем, Ғәмәлдәреңдән тетрәндем, Раббы! Беҙҙең ваҡытта ла шундай эштәр ҡыл, Беҙҙең заманда ла уларҙы белдер! Ярһыуыңда ла мәрхәмәтте хәтерлә! Алла – Темандан, Изге Зат Паран тауынан килде. Бөйөклөгө ҡапланы күктәрҙе, Уның шөһрәте ерҙе тултырҙы. Ҡояш һымаҡ балҡый, Ҡулынан нур түгелә, Ҡөҙрәте шунда йәшенгән. Уның алдынан үләт елә, Эҙҙәренән эйәреп афәт килә, Ул туҡтағанда, ер һелкенә, Ҡараш һалғанда, халыҡтар тетрәнә. Мәңгелек ҡаялар тарҡала, Боронғо тауҙар ергә шиңә, Әммә Уның йөрөгән юлдары мәңгелек. Күрҙем: Кушан сатырҙарын хәсрәт алған, Мидйәндең сатыр япмалары дәһшәттән тетрәй. Йылғаларға ҡыҙҙыңмы ни, Раббы? Асыуың ағын һыуғамы? Әллә диңгеҙме ярһыуың сығанағы? Шуның өсөн аттарыңа, еңелмәҫ яу арбаларыңа мендеңме? Йәйәңде кирҙең, Уҡтарыңды һаҙаҡҡа тултырҙың. Ер өҫтөн йылғалар менән ярҙың. Һине күреп, тауҙар дер һелкенде, Күктән һыуҙар ҡойон булып аҡты, Аҫта упҡын йыртҡыстай үкерҙе, Тулҡындарын өҫкә күтәрҙе. Атҡан уҡтарыңдың яҡтыһынан, Ялтлап киткән һөңгөләрең балҡыуынан Ҡояш һәм ай торлағында туҡтап ҡалды. Ер өҫтөнән асыу-ярһыу менән гиҙҙең, Асырғанып ҡәүемдәрҙе тапаланың. Һин Үҙ халҡыңды ҡотҡарыр өсөн, Мәсихеңде йолоп алыр өсөн сыҡтың. Яуыз нәҫелдең башлығын иҙҙең, Түбәһенән аяҡ тырнағынаса тунаның. Беҙҙе һәләк итер өсөн Ғәскәрҙәре ҡойон һымаҡ ташланғанда, Йәшенеп ятҡан ярлыларҙы Инде йотам тиеп ҡыуанғанда, Улар өйөрөнөң башлығын Үҙ һөңгөһө менән тиштең. Аттарыңда диңгеҙҙе тапаның, Шашҡан һыуҙарҙы күбекләндерҙең. Ишеттем дә – йөрәк дөпөлдәне, Тауышыңдан ирен дерелдәне, Һөйәктәрем иреп төштө, Тубыҡтарым ҡалтыраны. Тик беҙгә һөжүм итеүселәргә афәт килгән көндө Мин сабыр ғына көтөрмөн. Инжир сәскә атмаһа ла, Йөҙөм емеш бирмәһә лә, Зәйтүн емеше уңмаһа ла, Баҫыу ашлыҡ бирмәһә лә, Кәртәлә һарыҡ, Аҙбарҙа һыйыр тормаһа ла – Мин Раббымда ҡыуаныс табырмын. Алла Ҡотҡарыусым булғанға, Шатлыҡ менән ҡауышырмын. Раббы Хаким – минең көсөм, Аяҡтарымды боландыҡылай итер, Мине бейеклектәргә аштырыр. Йырсылар етәксеһенә: ҡыллы уйын ҡоралдары оҙатыуында. Йәһүҙәлә Амон улы Йошияһ батшалыҡ иткән осорҙа Кушиҙың улы Сефанъяһҡа Раббы һүҙе булды. Куши – Гедалъяһтың, Гедалъяһ – Амаръяһтың, ә Амаръяһ иһә Хизкияһтың улы ине. Раббы былай тип белдерә: «Ер йөҙөнән бар нәмәне һепереп түгәм, – Кешеләрҙе, хайуандарҙы, Осар ҡоштар, диңгеҙ балыҡтарын ҡырып бөтөрәм, Яуыз бәндәләре менән бергә Абыныу таштарын да ышырып ташлайым, Кешене ер йөҙөнән юҡ итәм, – тип белдерә Раббы. – Ҡулымды Йәһүҙәгә ҡаршы, Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә ҡаршы күтәрәм, Бәғелдең ҡалдығын бөтөрәм, Боттарға табынған ҡаһиндарҙың Хатта исемен юйып ташлайым. Өй баштарында күк есемдәренә сәждә ҡылған, Мин Раббыға сәждә ҡылып, Уға тоғролоҡҡа ант иткән, Шулай уҡ Милкомға ла табынып, вәғәҙәләр биргәндәрҙе, Раббыға эйәреүҙән баш тартҡан, Уны эҙләмәгән, Уға ынтылмағандарҙы юҡ итәм». Раббы Хаким хозурында шым бул, Сөнки Уның көнө яҡынлаша. Раббы ҡорбан әҙерләгән инде, Ҡунаҡтары пакланыу йолаһын атҡарҙы. «Ул ҡорбан көнөндә, – ти Раббы, – Мин түрәләрҙе һәм батша улдарын, Сит ҡәүемдәр һымаҡ кейенгәндәрҙең барыһын язалайым. Ул көндө Мин тупһа аша һикергән һәр кемде, Шулай уҡ хужаларының йортон Золом һәм алдаҡ менән тултырғандарҙы язалайым. Ул көндө, – тип белдерә Раббы, – Балыҡ ҡапҡаһынан һыҡтау, Яңы биҫтәһенән ҡысҡырып илау, Барлыҡ түбәләрҙә бөйөк ҡыйралыш шауы яңғырап торор. Махтеш кешеләре, илағыҙ – Сауҙагәрҙәр тотош һәләк булыр, Көмөш менән алыш-биреш итеүселәр юҡ ителер. Ул мәлдә Йәрүсәлимдең һәр тарафын Сыраҡ тотоп урап сығам, Төпрәһе өҫтөндә тонған шарап ише Ғәмһеҙлеккә батҡандарҙы, „Раббы яҡшылыҡ та, яманлыҡ та эшләмәҫ“, – тигәндәрҙе язалайым. Байлыҡ-ниғмәттәре таланасаҡ, Йорттары харабаға әйләнәсәк. Һалған өйҙәрендә йәшәмәҫтәр, Үҫтергән йөҙөмдәренең шарабын эсмәҫтәр». Раббының бөйөк көнө яҡынлаша! Яҡынлашты, бына-бына килеп етер. Раббы көнө инде һөрән һала – Иң ғәййәр яугирҙәр үкереп илар. Ул көн булыр асыу көнө, Ҡайғы һәм ғазап көнө, Емереклек, харабалар көнө, Ҡараңғылыҡ, дөм ҡараңғылыҡ көнө, Болотло һәм тома ҡараңғылыҡ көнө. Нығытмалы ҡалаларға, Бейек-бейек ҡәлғәләргә янап, Яуға саҡырып борғо ҡысҡыртыр, Һуғыш орандары яңғыратыр көн был. «Кешеләргә бәлә күндерермен, Һуҡыр һымаҡ ҡайҙа барғандарын белмәҫтәр, Сөнки Миңә ҡаршы гонаһ ҡылдылар, – ти Раббы. – Шуға күрә ҡандары һыу һымаҡ ағыр, Эсәктәре тиреҫ һымаҡ туҙрап ятыр. Раббының асыу көнөндә Алтын-көмөш уларҙы ҡотҡара алмаҫ, Раббының көнсөллөк уты ерҙе ялмап алыр, Раббы ерҙә йәшәгәндәрҙең барыһын Көтмәгәндә ҡырып һалыр». Эй оятһыҙ халыҡ, йыйыл, туплан! Һеҙҙең өҫтән ҡарар ҡылынғансы, Кәбәк кеүек осоп көн үткәнсе, Раббының дәһшәтле ярһыуы, Раббының асыу көнө Өҫтөгөҙгә килеп ябырылғансы йыйылығыҙ! Раббыны эҙләгеҙ, Илдең итәғәтле әҙәмдәре, Раббы ҡанундарын үтәүселәр, Хаҡлыҡ эҙләгеҙ, Тыйнаҡ булығыҙ – Бәлки, Раббының асыу көнөндә Боҫоп ҡалыу һеҙгә насип булыр. Газа ҡалаһын ташлап китерҙәр, Ашҡылон бушлыҡҡа әйләнер, Ашдод төш мәлендә ҡыуылыр, Ғәҡрон тамырынан йолҡоп алыныр. Диңгеҙ буйында йәшәүселәрҙең, Керети ҡәүеменең башына бәлә! Пелештиҙәр ере Ҡәнғән, Раббының һүҙе һиңә ҡаршы: «Мин һине ҡырам, Бер кешеңде лә тере ҡалдырмайым!» – ти Ул. Диңгеҙ ярындағы ил – көтөүлек, Һарыҡ көтә торған болонлоҡ Ҡуйҙар өсөн ялан кәртә булыр. Йәһүҙә нәҫеленең һау ҡалғандары Был ерҙәрҙе төйәк итер, Улар бында малын көтөр; Ашҡылон өйҙәрендә кисен хәл йыйыр, Сөнки Аллалары Раббы уларҙы хәстәрләр, Элекке именлекте кире ҡайтарыр. «Мин Моавтың әйткән әр һүҙҙәрен, Ғаммондарҙың хурлауын ишеттем. Улар Минең халҡымды мәсхәрәләне, Уның ерҙәрендә һауаланып танау сөйҙө. Шуның өсөн, барлығым менән ант итәм, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Исраил Аллаһы. – Моав Содом һымаҡ булыр, Ғаммон ерҙәре – Ғамора кеүек. Уларҙы ҡый үләне баҫып китер, Баҫыуҙары татырланыр, Ерҙәре мәңгелек сүлгә әйләнер. Халҡымдың тере ҡалғандары уларҙы талап, Ерҙәрен үҙҙәренә милек итеп алыр. Тәкәбберлектәре өсөн, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы халҡын мыҫҡыл итеп түбәнһеткән, Уларҙы хурлаған өсөн яза был. Раббы уларҙы дәһшәткә һалыр, Ер йөҙөндәге бар илаһтарҙы юҡҡа сығарыр. Кешеләрҙең һәр береһе үҙ иленән, Алыҫтарҙа йәшәгән һәр халыҡ үҙ төбәгенән Уға сәждә ҡылыр. Эй Куш халҡы, һеҙ ҙә Минең ҡылысымдан үлерһегеҙ». Раббы ҡулын төньяҡ тарафына һуҙып, Ашшурҙы юҡ итер, Ниневенән тик хараба ҡалыр, Ул сүллек һымаҡ ҡоро ергә әйләнер. Унда мал-тыуар һәм Һәр төрлө ҡош-кейек хәл йыйыр, Аунап ятҡан бағана баштары араһында Ябалаҡтар менән терпе йәшәр, Тәҙрәләрҙән ҡош тауышы ишетелер. Кедр көплөгө айырылып төшкән Ишек тупһаларында ҡоҙғон ҡысҡырыр. Хәүефһеҙ йәшәгән бөйөк ҡаламы был? Маҡтанып эстән генә: «Донъяла миңә тиңдәр юҡ», – тип әйтә ине; Бына хәҙер инде ул хараба, Ҡош-кейектәр өсөн оя булды! Үткән-һүткән һәр кем мәсхәрәләп, Һыҙғырып ебәрер, бот сабыр. Фетнәсел, боҙоҡ, залим ҡалаға ҡайғы! Ул әйткәндәргә ҡолаҡ һалманы, Һабаҡ алманы, өмөтөн Раббыға бағламаны, Аллаһына һыйынманы. Башлыҡтары – ырылдаған арыҫлан, Хөкөмсөләре төнгө бүреме ни, Таң атыуға һис бер нәмә ҡалдырмаҫтар. Пәйғәмбәрҙәре – тәкәббер, алдаҡсы әҙәм, Ҡаһиндары изге урынды нәжесләй, Ҡанунды аяҡ аҫтына һалып тапай. Әммә һаман ҡала эсендәге Раббы ғәҙел, Ул яуызлыҡ ҡылмай; Һәр иртә һайын Үҙ хөкөмөн сығара, Һәр бер таңда – һис тә кисектермәй! Әммә залимдар оялыу белмәй. «Мин ҡәүемдәрҙе ҡырып ташланым, – ти Раббы. – Ҡәлғәләрен ҡолаттым, Урамдары буп-буш ҡалды, Улар аша үтеп йөрөүсе юҡ. Ҡалалары харабала ята, Әҙәми зат унда ҡалмаған. Инде һин, Йәрүсәлим, Минән ҡурҡырһың, Ниһайәт үҙеңә һабаҡ алырһың, тип уйлағайным. Шул сағында йәшәгән урының имен булыр, Минең язаларым урап үтер ине. Әммә һеҙ бары яуызлыҡ ҡына эшләнегеҙ». «Шуға күрә килеүемде көтөгөҙ, – ти Раббы. – Ул көндө һеҙгә ҡаршы шәһәҙәт ҡылырмын. Минең ҡарарым шулай: Ярһыуымды, уттай асыуымды Өҫтәренә ҡойоп түгер өсөн, Бар ҡәүемдәрҙе, батшалыҡтарҙы йыям, Көнсөллөк утым бөтөн ер йөҙөн ялмап йотор». «Шунан Раббыны исеме менән саҡырһындар, Бергәләшеп Уға хеҙмәт итһендәр өсөн, Мин халыҡтарҙың ауыҙын пак ҡылырмын. Мин ҡыуып таратҡан, Миңә ғибәҙәт ҡылған халҡым Куштың йылғалары аръяғынан Миңә ҡорбандар килтерер. Ул көн һин, эй Йәрүсәлим, Миңә ҡаршы ҡылған гонаһтарың менән Үҙ-үҙеңде улай хурламаҫһың, Сөнки Мин һинең араңдан Затлылығы менән маҡтанғанды Алып ташлармын, Инде һин Минең изге тауымда Эреләнеп маһаймаҫһың. Араңда бары тыңлаусан, күндәмдәр ҡалыр, Улар Раббы исеменә өмөт бағлар. Исраилдың тере ҡалғандары Ғәҙелһеҙлек ҡылмаҫ, ялған һөйләмәҫ, Ауыҙҙарында мәкерле һүҙ булмаҫ. Яланда утлап йөрөгән ҡуйҙар һымаҡ Тамаҡтары туйғас, ятып ял итерҙәр, Уларҙы һис кем ҡурҡытмаҫ». Йырла, эй Сион-ҡыҙ, Ҡыуан Исраил! Бар күңелдән ҡыуан, Күңел ас, эй Йәрүсәлим-ҡыҙ! Раббы һиңә сығарған хөкөмөн кире алды, Дошманыңды ҡыуып таратты. Раббы, Исраил батшаһы, һинең менән, Хәҙер яуызлыҡтан ҡурҡма инде. Шул көндө Йәрүсәлимгә: «Ҡурҡма, Сион! Ҡулдарың хәлһеҙләнмәһен!» – тип әйтерҙәр. Һинең менән Аллаң Раббы, Һиңә ҡотолоу алып киләсәк көслө яугир! Ул һинең өсөн шатланыр һәм тантана итер, Һине мөхәббәте менән яңыртыр, Шатлыҡ йыры менән күңел асыр, Гүйә байрам көнөндәге һымаҡ. «Афәттәреңде һепереп түгәм, – ти Раббы. – Хурлыҡ кисермәҫһең бүтән. Бына шундай ваҡыт килер: Мин һине иҙгәндәрҙе язалармын, Аҡһаҡтарҙы ҡотҡарырмын, Ҡыуып таратылғандарҙы йыйырмын; Ҡайҙа кәмһетелгәндәр, шул ерҙә Уларға маҡтау һәм шөһрәт ҡаҙандырырмын. Шул ваҡытта бөтәгеҙҙе лә туплармын, Шул дәүерҙә һеҙҙе кире ҡайтарырмын, Ерҙәге бөтә халыҡтар араһында Һеҙгә маҡтау, дан ҡаҙандырырмын, Элекке именлекте бирермен, Быны үҙ күҙегеҙ менән күрерһегеҙ», – Раббы шулай тип белдерә. Дарий батша тәхеткә ултырғандың икенсе йылында, алтынсы айҙың беренсе көнөндә, Йәһүҙәнең өлкә башлығы Шеалтиил улы Зеруббавелға һәм баш ҡаһин Йеһосадаҡ улы Йеһошуағҡа Хаггай пәйғәмбәр аша Раббы һүҙе булды: – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Был халыҡ, Раббы йортон төҙөргә ваҡыт етмәне әле, – тип әйтә». Бына Раббы Хаггай пәйғәмбәр аша ошондай һүҙ еткерҙе: – Раббы йорто емерек килеш ятҡанда, һеҙҙең үҙегеҙгә күркәм йорттарҙа йәшәргә ваҡыт еткәнме? Шуға былай ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы: «Ҡарағыҙ, һеҙ нисек йәшәйһегеҙ, Күп сәсәһегеҙ – аҙ ураһығыҙ, Ашайһығыҙ, әммә туймайһығыҙ, Эсәһегеҙ – һыуһынығыҙ ҡанмай, Кейенәһегеҙ ҙә, йылынмайһығыҙ, Эшләйһегеҙ, әммә янсығығыҙ тишек». Былай ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы: «Ҡарағыҙ, һеҙ нисек йәшәйһегеҙ! Тауға сығып ағас әҙерләгеҙ, Минең күңелемә хуш килерлек, Мине данларлыҡ йорт төҙөгөҙ, – Раббы шулай тип белдерә. – Күп теләнегеҙ ҙә аҙ алаһығыҙ, Аҙын да өйгә алып ҡайтһағыҙ, елгә осорам. Нилектән? – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Сөнки Минең йортом емерек ята, Һеҙ үҙ өйөгөҙҙө хәстәрләйһегеҙ. Шул арҡала күк һеҙгә ысығын, Ер уңышын бирмәй. Ергә, тауҙарға, игенгә, йөҙөмгә һәм зәйтүнгә – Ерҙә үҫкән бөтә нәмәгә; Кешегә һәм мал-тыуарға, Ҡулығыҙҙың барса хеҙмәтенә Мин ҡоролоҡ иғлан иттем». Шеалтиил улы Зеруббавел менән баш ҡаһин Йеһосадаҡ улы Йеһошуағ һәм иҫән ҡалған халыҡ Аллалары Раббының әйткәненә, Уның тарафынан ебәрелгән Хаггай пәйғәмбәрҙең һүҙенә ҡолаҡ һалды. Халыҡ Раббынан ҡурҡты. Раббы илсеһе Хаггай халыҡҡа Раббы һүҙен еткереп былай тине: – Мин һеҙҙең менән, – ти Раббы. Етенсе айҙың егерме беренсе көнөндә Хаггай пәйғәмбәр аша Раббы һүҙе булды: – Йәһүҙәнең өлкә башлығы Шеалтиил улы Зеруббавелға, баш ҡаһин Йеһосадаҡ улы Йеһошуағҡа, халыҡтың иҫән ҡалғандарына әйт: «Арағыҙҙа ҡайһығыҙ Раббы йортон әүәлге шөһрәтендә күрҙе? Хәҙер һеҙ уны ниндәй хәлдә күрәһегеҙ? Ул һеҙгә юҡ-бар кеүек кенә булып күренмәйме? Ләкин рухыңды нығыт, Зеруббавел, – ти Раббы, – рухыңды нығыт, баш ҡаһин Йеһосадаҡ улы Йеһошуағ, рухыңды нығыт, был илдең бар халҡы, – тип белдерә Раббы. – Мин һеҙҙең менән, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Шуға ла эшләгеҙ. Мысырҙан сыҡҡан сағығыҙҙа Мин һеҙҙең менән төҙөгән килешеү буйынса Рухым – һеҙҙең арала. Ҡурҡмағыҙ!» Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Тағы бер аҙҙан Мин күк менән ерҙе, Диңгеҙ менән ҡоро тупраҡты тетрәтәсәкмен. Мин бар халыҡтарҙы дер һелкетәм, Уларҙың хазинаһы бында ағылыр, Мин был Йортто данға күмәсәкмен». Күк ғәскәрҙәре Раббыһы шулай ти. «Көмөш – Минеке, алтын – Минеке, – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Был йорт элеккенән шөһрәтлерәк булыр, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Мин был урынға тыныслыҡ бирәм», – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. Дарий батша тәхеткә ултырғандың икенсе йылында, туғыҙынсы айҙың егерме дүртенсе көнөндә, Хаггай пәйғәмбәргә Раббы һүҙе булды: – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Ҡаһиндарҙан ошондай хәлгә баһа биреүен һора. Кемдер берәү хәләл итте кейеменең итәгенә төрөп алып китеп бара, ти, һәм итәге менән икмәккә, өйрәгә, шарапҡа, зәйтүн майына йәки башҡа төр аҙыҡҡа ҡағылды, ти. Был ризыҡ хәләл булырмы?» – Юҡ, – тине ҡаһиндар. – Әгәр ҙә был ризыҡҡа мәйеткә ҡағылып нәжесләнгән кеше тейһә, был аҙыҡ хәрәм булырмы? – тип һораны Хаггай. – Хәрәм булыр, – тине ҡаһиндар. Шул сағында Хаггай былай тине: – Раббы: «Минең алдымда был кешеләр, был халыҡ та ана шулай, – тип белдерә, – уларҙың бар ғәмәлдәре лә, килтергән бөтә ҡорбандары ла – хәрәм. Бөгөнгө көндән алып артабан нимә булырын күҙәтегеҙ. Раббы йортона нигеҙ ташы һалынғансы, эштәрегеҙ нисек бара ине? Егерме үлсәм иген алам тип келәткә барҙыниһәң – бары ун ғына, илле үлсәм шарап һоҫам тип йөҙөм һыҡҡысҡа барҙыниһәң – унда бары егерме үлсәм генә була торғайны. Мин һеҙгә ҡыуан ел, боҙ-борсаҡ ебәрҙем, сәсеүлегегеҙҙе үңәҙ ҡырҙы, хеҙмәт емештәрегеҙҙе харап иттем, ләкин һеҙ Минең хозурыма ҡайтманығыҙ, – тип белдерә Раббы. – Бынан ары туғыҙынсы айҙың егерме дүртенсе көнөнән, Раббы йортона нигеҙ һалынған көндән, алып, һеҙҙең менән нимә булырын күҙәтегеҙ. Келәттәрҙә орлоҡ ҡалғанмы ни? Йөҙөм дә, инжир ҙә, анар менән зәйтүн ағасы ла әлегәсә емеш бирә алманы. Ләкин бынан ары Мин уларға бәрәкәт яуҙырасаҡмын». Айҙың егерме дүртенсе көнөндә Хаггайға йәнә Раббы һүҙе булды: – Йәһүҙәнең өлкә башлығы Зеруббавелға әйт: «Мин күк менән ерҙе һелкетәсәкмен. Батша тәхеттәрен түңкәрәм, Ҡәүемдәрҙең батшалыҡтарының көсөн ҡаҡшатам, Яу арбаларын кешеләре менән бергә ауҙарам, Бер-береһенә ҡаршы алышта Һыбайлылар аттары менән бергә дөмөгөр. Ул көндө, – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – Мин һине, ҡолом Минең Шеалтиил улы Зеруббавел, алырмын, мөһөр йөҙөгө кеүек итермен, сөнки һине һайланым». Күк ғәскәрҙәре Раббыһы шулай тип белдерә. Дарий батша тәхеткә ултырғандың икенсе йылында, һигеҙенсе айҙа Ғиддонан тыуған Бәрәхъяһтың улы Зәкәрьяһ пәйғәмбәргә Раббы һүҙе булды: – Раббы ата-бабаларығыҙға бик ныҡ асыуланды. Шуға күрә халыҡҡа әйт, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Миңә ҡайтығыҙ, Мин дә һеҙгә ҡайтырмын». Шулай ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Ата-бабаларығыҙ кеүек булмағыҙ! Әүәлге пәйғәмбәрҙәр уларға әйтә килде, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы: «Яман юлдарығыҙҙы һәм боҙоҡ ғәмәлдәрегеҙҙе ташлағыҙ, Миңә ҡабат ҡайтығыҙ», – тип киҫәтә, тине. Әммә улар ишетмәне, әйткәндәремә ҡолаҡ һалманы, – тип белдерә Раббы. – Ҡайҙа хәҙер һеҙҙең ата-бабаларығыҙ? Ә ул пәйғәмбәрҙәр мәңгелекме? Ҡолдарым пәйғәмбәрҙәр аша бойорған һүҙҙәрем һәм ҡағиҙәләрем ата-бабаларығыҙға барып етмәнеме ни? Улар ҙа Миңә кире ҡайтып: «Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ҡыуған юлдарыбыҙға һәм ҡылған ғәмәлдәребеҙгә күрә беҙгә нимә эшләргә ниәтләһә, шуны тормошҡа ашырҙы», – тинеләр. Дарий батша тәхеткә ултырғандың икенсе йылында, ун беренсе ай булған шеват айының егерме дүртенсе көнөндә Ғиддонан тыуған Бәрәхъяһтың улы Зәкәрьяһ пәйғәмбәргә Раббы һүҙе булды. Зәкәрьяһ былай тине: – Төндә күрҙем: үҙән буйындағы мирт ағастары араһында ерән атҡа атланған бер әҙәм тора. Артында ерән, туры һәм аҡ аттар бар ине. «Хакимым, был нимәне аңлата?» – тип һораным. Минең менән һөйләшкән фәрештә: «Һиңә уларҙың нимә аңлатҡанын күрһәтермен», – тип яуапланы. Мирт ағастары араһында торған кеше: «Былар Раббы тарафынан донъяны байҡап сығыр өсөн ебәрелгәндәр», – тине. Улар мирт араһында торған Раббы фәрештәһенә: «Донъяны байҡап сыҡтыҡ, – тинеләр. – Ер йөҙө тыныс һәм имен-аман». Шунан Раббы фәрештәһе: «Эй Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, етмеш йыл буйы асыуланған Йәрүсәлимгә һәм Йәһүҙә ҡалаларына тағы ла ҡасанға тиклем мәрхәмәт күрһәтмәйәсәкһең?» – тине. Раббы минең менән һөйләшкән фәрештәгә йылы, йыуатҡыс һүҙҙәр менән яуап ҡайтарҙы. Минең менән һөйләшкән фәрештә: «Иғлан ит! Күк ғәскәрҙәре Раббыһы: „Йәрүсәлим менән Сион өсөн йәнем әсей, – ти. – Ә еңел йәшәгән ҡәүемдәргә бик асыулымын, сөнки Мин үтә асыулы булмаған саҡта, улар Минең халҡыма ҡарата яуыз ғәмәлдәрен арттырҙы“. Шуға күрә Раббы былай ти: „Йәрүсәлимгә мәрхәмәтемде ҡайтарам, – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Йортом унда ҡабаттан төҙөлөр һәм үлсәү ебе йәнә Йәрүсәлим өҫтөнән һуҙылыр“. Һин тағы ла шуны иғлан ит, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: „Ҡалаларымда тағы муллыҡ тулып ташып торор. Раббы Сионды йыуатыр, Йәрүсәлимде ҡабаттан Үҙенә һайлап алыр“». Күҙемде ҡалҡытып ҡараһам: дүрт мөгөҙ күрҙем. Үҙем менән һөйләшкән фәрештәнән: – Был нимә? – тип һораным. – Былар – Йәһүҙә, Исраил һәм Йәрүсәлим халыҡтарын һөҙөп таратҡан мөгөҙҙәр, – тип яуап бирҙе ул. Шунан Раббы миңә дүрт тимерсене күрһәтте. – Былар нимә эшләргә килә ята? – тип һораным. – Был мөгөҙҙәр Йәһүҙә халҡын шундай итеп таратты, бер кем дә башын ҡалҡыта алманы, – тип яуап ҡайтарҙы Ул. – Ә был оҫталар, Йәһүҙә халҡына мөгөҙ күтәргән ҡәүемдәрҙең мөгөҙөн һындырып, ҡоттарын алырға килә. Мин башымды күтәреп ҡараным да ҡулына үлсәү ебе тотҡан бер кешене күрҙем. – Ҡайҙа китеп бараһың? – тип һораным. – Йәрүсәлимде үлсәйем. Арҡырыһы, буйы күпме икәнен белергә китеп барам, – тип яуапланы был кеше. Минең менән һөйләшкән фәрештә эргәмдән китә башлағайны, икенсе бер фәрештә уның ҡаршыһына сыҡты ла: – Йүгер, ул егеткә әйт: «Эсендә иҫәпһеҙ-һанһыҙ халыҡ һәм мал-тыуар йәшәгәнлектән, Йәрүсәлим диуарһыҙ ҡала булыр. Мин Үҙем уның әйләнәһендә утлы диуар, эсендә шөһрәт буласаҡмын, – тип белдерә Раббы». – Эй, әйҙәгеҙ! Төньяҡ илдән ҡасығыҙ, – Раббы шулай тип белдерә. – Сөнки Мин һеҙҙе күктең елеләй дүрт тарафҡа ебәрҙем. Бабилда йәшәгән Сион халҡы, ҡасып ҡотолоғоҙ! Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙенең шөһрәте хаҡына мине һеҙҙе талаған ҡәүемдәр алдына ошо хәбәрҙе әйтергә ебәрҙе: «Һеҙгә ҡағылған кеше Минең күҙ алмама ҡағыла. Бына Мин ул ҡәүемдәргә ҡаршы ҡулымды күтәрәм һәм улар үҙҙәренең ҡолдарына табыш булыр». Шул сағында һеҙ мине Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ебәргәнен аңларһығыҙ. – Эй Сион-ҡыҙ, ҡыуан, күңел ас! Бына Мин киләм, арағыҙҙа төйәкләнәсәкмен, – тип белдерә Раббы. – Ул көндө бик күп халыҡтар Миңә, Раббыға, килеп ҡушылыр һәм Минең халҡым булыр. Шул саҡта һеҙ мине Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ебәргәнен аңларһығыҙ. Раббы Йәһүҙәне изге тупраҡтағы Үҙ өлөшө булараҡ биләмә итеп алыр, ә Йәрүсәлим тағы Раббының Үҙенә һайлап алған ҡалаһы булыр. Шымығыҙ барығыҙ ҙа Раббы алдында! Раббы Үҙенең мөҡәддәс торлағынан ҡалҡа! Шунан Раббы миңә Раббы фәрештәһе алдында баҫып торған баш ҡаһин Йеһошуағты күрһәтте. Йеһошуағтың уң яғында шайтан уны ғәйепләп тора ине. Әммә Раббы шайтанға: – Эй шайтан! Әйҙә һине Раббы туҡтатһын! Эйе, Йәрүсәлимде һайлаған Раббы һине туҡтатһын! Был әҙәм уттан тартып алынған торонбашҡа оҡшамағанмы ни? – тине. Йеһошуағ фәрештә ҡаршыһында бысранып бөткән кейемдә тора ине. Фәрештә үҙенең янындағыларға: – Уның бысраҡ кейемдәрен систерегеҙ! – тине. Шунан Йеһошуағҡа: – Бына ҡара, ғәйебеңде алып ташланым, – тип өндәште. – Һиңә байрам кейемдәре кейҙерәм. Мин иһә: – Башына ла таҙа сәллә кейҙерһендәр, – тинем. Башына таҙа сәллә урап, өҫтөнә кейендерҙеләр. Раббы фәрештәһе уның эргәһендә торҙо. Шунан Раббы фәрештәһе Йеһошуағҡа өгөт-нәсихәт ҡылып әйтте: – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Әгәр Минең юлымдан йөрөһәң, ҡушҡандарымды теүәл үтәһәң, йортомда етәкселек итерһең, ихаталарымды ла һин ҡарарһың. Мин һиңә ошонда торғандар араһында йөрөргә хоҡуҡ бирермен. Эй баш ҡаһин Йеһошуағ, һин һәм ҡаршыңда ултырған хеҙмәттәштәрең, тыңлағыҙ! Сөнки һеҙ – киләсәктә буласаҡ ваҡиғаларҙың билдәләре. Мин Үҙемдең ҡоломдо – Үҫентемде алып киләсәкмен. Бына, Мин Йеһошуағ алдына ҡуйған таштың ете ҡыры бар. Уның өҫтөнә бер яҙыу уйып яҙасаҡмын, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Бер көн эсендә был илдең ғәйебен юйып ташлаясаҡмын. Ул көндө һәр берегеҙ үҙенең яҡынын йөҙөм, инжир ағастары аҫтында бергәләшеп ултырырға саҡырыр», – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. Минең менән һөйләшкән фәрештә тағы килде лә мине йоҡонан уятҡан һымаҡ уятты. – Нимә күрәһең? – тип һораны. – Саф алтындан бер шәмдәл күрәм, – тип яуапланым. – Уның башында зәйтүн майы өсөн бер һауыт, һауыт өҫтөндә ете шәм, шәмдәрҙә етешәр көпшә. Шәмдәлдең янында, береһе майлы һауыттың уң, икенсеһе һул яғында, ике зәйтүн ағасы бар. Үҙем менән һөйләшкән фәрештәнән: – Былар нимә ул, хакимым? – тип ҡыҙыҡһындым. – Уларҙың нимә аңлатҡанын белмәйһеңме ни? – тип һораны фәрештә. – Юҡ, хакимым, – тип яуап ҡайтарҙым. Шунан ул миңә: – Раббының Зеруббавелға һүҙе былай: «Көс менән дә түгел, ҡеүәт менән дә түгел, бары Минең Рухым менән уңыш ҡаҙанырһың. Шулай ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. Эй бейек тау, Зеруббавел алдында нимәһең һин? Һин бер тигеҙлек кенә булып ҡалырһың! „Ниндәй күркәм! Ниндәй күркәм!“ – тигән тауыштар аҫтында Зеруббавел ҡорамдың башын ослап ҡуйыр ташты алып сығасаҡ». Миңә тағы Раббы һүҙе булды: – Был ҡорамға Зеруббавелдың ҡулдары нигеҙ һалды һәм уның ҡулдары ҡорамды төҙөп бөтәсәк. Шул ваҡытта мине һеҙгә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ебәргәнен аңларһығыҙ. Кем был көндө башланған эште әһәмиәтһеҙ тип хисаплай алыр? Был көндө кешеләр Зеруббавелдың ҡулында ауыртмаҡ күреп шатланыр. Был ете шәм иһә – Раббының бөтә ер йөҙөн байҡаған ете күҙе ул. Мин фәрештәнән: – Шәмдәлдең уң һәм һул яғындағы зәйтүн ағастары нимәне аңлата? – тип һораным. Шунан тағы: – Алтын кеүек май ағыҙған ике алтын көпшә янындағы ике зәйтүн ботағы нимә аңлата? – тип өҫтәнем. – Уларҙың нимә аңлатҡанын белмәйһеңме? – тип һораны фәрештә. – Белмәйем, хакимым, – тип яуапланым. – Былар – бөтә донъяның Хакимына хеҙмәт иткән, зәйтүн майы менән мәсехләнгән ике кеше, – тине фәрештә. Күҙҙәремде күтәреп ҡараһам: бер төргәк китап осоп йөрөй. Фәрештә минән: – Нимә күрәһең? – тип һораны. – Осоп йөрөгән бер төргәк китап күрәм. Оҙонлоғо егерме терһәк, киңлеге ун терһәк, – тип яуапланым. – Бөтә ер йөҙөнә яуасаҡ ләғнәт был, – тине фәрештә. – Уның бер яғында яҙылғанса, урлашҡан һәр кеше язаһыҙ ҡалмаясаҡ. Икенсе яғында яҙылғанса, ялған ант иткәндәр ҡыуыласаҡ. «Был ләғнәтте Мин ебәрҙем, – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Ул бурҙың һәм Минең исемем менән ялған ант итеүсенең өйөнә инәсәк. Ул был өйҙә ундағы һәр бер ағас киҫәге, һәр бер таш онталып юҡҡа сыҡҡанға тиклем ҡаласаҡ». Минең менән һөйләшкән фәрештә килеп: – Күтәрелеп ҡара әле, – тине. – Нимә сығып килгәнен күрәһең? – Был нимә ул? – тип һораным. – Үлсәм һауыты, – тине һәм: – Ул бөтә ил халҡының ғәйептәре менән тулы, – тип өҫтәне. Бына һауыттың ҡурғаш ҡапҡасы ҡалҡытылды. Һауыт эсендә бер ҡатын ултыра ине. Фәрештә: – Ә был яманлыҡтың үҙе, – тине лә, ҡатынды һауыт эсенә ҡабат тығып, ҡурғаш ҡапҡас менән ҡаплап ҡуйҙы. Башымды күтәреп ҡарағайным, ел сығарып төшөп килгән ике ҡатынды күрҙем. Уларҙың ҡауҙыныҡына оҡшаған ҡанаттары бар ине. Улар һауытты ер менән күк араһына күтәрҙе. Минең менән һөйләшкән фәрештәнән: – Һауытты ҡайҙа алып баралар? – тип һораным. – Шинғар еренә, – тип яуап ҡайтарҙы фәрештә. – Унда һауыт өсөн бер йорт төҙөләсәк һәм ул шунда, үҙ таяуына, ҡуйыласаҡ. Тағы күтәрелеп ҡараным: ике баҡыр тау араһындағы тарлауыҡтан сығып килгән дүрт яу арбаһы күрҙем. Яу арбаларының беренсеһенә – ерән, икенсеһенә – ҡара, өсөнсөһөнә – аҡ, дүртенсеһенә алмасыуар аттар егелгәйне һәм барыһы ла көслө ине. Минең менән һөйләшкән фәрештәнән: – Былар нимә, хакимым? – тип һораным. – Былар – күктең бөтә ер йөҙөнөң Хакимының хозурында торған урындан сығып килгән дүрт рухы, – тип яуап бирҙе фәрештә. – Ҡара аттар егелгән яу арбалары төньяҡ, аҡ аттар егелгән арбалар көнбайыш, алмасыуар аттар егелгән арбалар көньяҡ тарафҡа китеп бара. Был ҡеүәтле аттар ер йөҙөн байҡап, тикшереп сығырға ашҡынды. Фәрештә уларға: – Барығыҙ, ер йөҙөн урап килегеҙ, – тине. Улар бөтә ер йөҙөн байҡарға алға ынтылды. Фәрештә миңә былай тип ҡысҡырҙы: – Ҡара, төньяҡ илгә киткәндәр төньяҡта Раббы рухын тынысландырҙы. Миңә Раббы һүҙе булды: – Бабилдан һөргөндән ҡайтҡан Хелдайҙан, Товияһтан, Йедағъяһтан саҙаҡалар ал да шул уҡ көндө Сефанъяһ улы Йошияһтың өйөнә бар. Уларҙан алған алтын менән көмөштән таж яһат та баш ҡаһин Йеһошуағ Йеһосадаҡ улының башына кейҙер. Уға әйт, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Бына был Үҫенте исемле уҙаман. Ул булған урынынан үҫеп сығыр һәм Раббының ҡорамын төҙөр. Эйе, Раббының ҡорамын ул һалдырыр, шөһрәт ҡаҙаныр, тәхетендә ултырып хакимлыҡ ҡылыр. Тәхете янында ҡаһин торор. Улар араһында именлек-берҙәмлек булыр. Ә таж Хелдай, Товияһ, Йедағъяһ һәм Сефанъяһ улы Йошияһтың хәтирәһе булып Раббы ҡорамында торор. Алыҫтағылар ҙа килеп Раббы ҡорамын төҙөүҙә ҡатнашыр». Шунда мине һеҙгә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ебәргәнен аңларһығыҙ. Әгәр ҙә Аллағыҙ Раббының әйткәндәрен диҡҡәт менән тыңлаһағыҙ, быларҙың барыһы ла ғәмәлгә ашыр. Дарий батша тәхеткә ултырғандың дүртенсе йылында, туғыҙынсы ай булған кислеү айының дүртенсе көнөндә Зәкәрьяһҡа Раббы һүҙе булды. Миңә Күк ғәскәрҙәре Раббыһының һүҙе булды. Ул былай тине: – Бөтә ил халҡына һәм ҡаһиндарға әйт: «Етмеш йыл буйы бишенсе һәм етенсе айҙарҙа ураҙа тотҡанда һәм ҡайғырғанда һеҙ Минең өсөн ураҙа тоттоғоҙмо ни? Ашағанда һәм эскәндә һеҙ үҙегеҙ өсөн ашап-эсмәйһегеҙме ни? Йәрүсәлим менән уның эргәһендәге ҡалалар муллыҡта ғүмер иткән, Негевта һәм Шефелала кешеләр күпләп йәшәгән осорҙарҙа уҡ Раббы элекке пәйғәмбәрҙәре аша ошоларҙы әйтмәй инеме ни?» Зәкәрьяһҡа Раббы һүҙе булды: – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙ халҡына: «Тоғролоҡ һәм ғәҙеллек менән хөкөм итегеҙ, бер-берегеҙгә миһырбанлы һәм рәхимле булығыҙ. Тол ҡатынды, етемде, килмешәкте һәм фәҡирҙе рәнйетмәгеҙ. Күңелегеҙҙә бер-берегеҙгә ҡарата яуызлыҡ йөрөтмәгеҙ», – тип әйтә килде. Әммә улар тыңларға теләмәне, Раббыға һырттарын ҡуйҙы, ишетмәҫ өсөн ҡолаҡтарын ҡапланы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙ Рухы менән элекке пәйғәмбәрҙәр аша ебәргән ҡанунды һәм уның һүҙҙәрен ишетмәҫ өсөн йөрәктәрен таш кеүек ҡатырҙылар. Шул арҡала Күк ғәскәрҙәре Раббыһы уларға бик ныҡ асыуланды. Раббы уларҙы саҡырғанда, тыңламанылар. «Улар саҡырғанда Мин дә уларҙы тыңламаным, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Уларҙы ғәрәсәт кеүек үҙҙәре белмәгән-күрмәгән ҡәүемдәр араһына тараттым». Уларҙан һуң ер бушап ҡалды, килгән-киткән кеше бөттө. Ниндәй күркәм ерҙәр бушлыҡҡа әйләнде. Күк ғәскәрҙәре Раббыһының һүҙе булды: – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Сион өсөн йәнем әсей Минең, шуға күрә уның дошмандарына ҡарата асыуым уғата көслө». Раббы былай ти: «Сионға ҡайтам, Йәрүсәлимдә төйәкләнәм. Йәрүсәлим – тоғро ҡала, Күк ғәскәрҙәре Раббыһының тауы Мөҡәддәс тау тип аталасаҡ». Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Бик өлкән йәштә булғанлыҡтан, ҡулдарына таяҡ тотҡан бабайҙар һәм әбейҙәр йәнә Йәрүсәлим майҙандарында ултырыр, ҡала майҙандары унда уйнаған малайҙар һәм ҡыҙҙар менән тулыр». Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Ул көндәр был халыҡтың тере ҡалғандарының күҙендә мөмкин булмаған бер нәмә булып күренһә, Минең өсөн дә мөмкин түгел булып күренерме?» Шулай тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Бына, Мин Үҙ халҡымды ҡояш сыҡҡан һәм ҡояш байыған яҡтағы илдәрҙән ҡотҡарасаҡмын. Мин уларҙы алып ҡайтырмын да Йәрүсәлимдә төйәкләнерҙәр. Улар Минең халҡым булыр, Мин дә уларҙың тоғро һәм ғәҙел Аллаһы булырмын». Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Күк ғәскәрҙәре Раббыһының ҡорамының нигеҙе һалынған көндә унда пәйғәмбәрҙәрҙең һүҙҙәрен ишеткәндәр, ҡулығыҙға ҡеүәт өҫтәлһен! Ул көндәргә тиклем кешенең һәм малдың эше өсөн хеҙмәт хаҡы түләнмәй ине. Килгәнгә лә, киткәнгә лә дошмандарҙан тынғылыҡ булманы. Сөнки Мин кешеләрҙе бер-береһенә ҡаршы ҡуйғайным. Әммә хәҙер был халыҡтың иҫән ҡалғандарына бөтөнләй башҡа мөнәсәбәттә булырмын, – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Именлектә сәсерҙәр, йөҙөмдәре емеш, ерҙәре уңыш бирер, күктән ысыҡ төшөп торор. Быларҙың барыһын да һөргөндән әйләнеп ҡайтҡан халыҡҡа мөлкәт итеп тапшырырмын. Һеҙҙе ҡотҡарырмын, эй Йәһүҙә һәм Исраил халҡы! Һеҙ нисек ҡәүемдәр араһында ләғнәт өлгөһө булһағыҙ, хәҙер фатиха-бәрәкәт үрнәге булырһығыҙ. Ҡурҡмағыҙ, ҡулдарығыҙ көслө булһын!» Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Ата-бабаларығыҙ Мине асыуландырғас, башығыҙға бәлә-ҡаза ебәрергә ниәтләнем, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – һәм уйымдан кире ҡайтманым. Инде Йәрүсәлим һәм Йәһүҙә халҡына яҡшылыҡ эшләргә ҡарар иттем. Һеҙ ҡурҡмағыҙ! Былай итегеҙ: һәр кем үҙ яҡынына дөрөҫөн һөйләһен. Ҡала ҡапҡаһы янындағы майҙанда хөкөм ҡылғанда ғәҙеллеккә һәм именлеккә ынтылығыҙ. Күңелегеҙҙә бер-берегеҙгә ҡарата яуызлыҡ йөрөтмәгеҙ, ялған ант итеүҙән баш тартығыҙ. Сөнки Мин быларҙың барыһын да күрә алмайым». Раббы шулай тип белдерә. Миңә Күк ғәскәрҙәре Раббыһының һүҙе булды: – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Дүртенсе, бишенсе, етенсе, унынсы айҙарҙың ураҙалары Йәһүҙә халҡы өсөн ҡыуаныс һәм шатлыҡ тулы байрамға әүерелер. Шуға күрә ғәҙеллек менән именлекте яратығыҙ». Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Тағы ла халыҡтар, бик күп ҡалаларҙа йәшәүселәр килер. Бер ҡалала йәшәгәндәр икенсе ҡалала йәшәгәндәргә барып: „Әйҙәгеҙ, Раббының илтифатын ҡаҙанырға барайыҡ, Күк ғәскәрҙәре Раббыһын эҙләйек!“ – тиер. Тегеләре: „Мин дә барам!“ – тип яуап ҡайтарыр. Бик күп халыҡтар, көслө милләттәр Күк ғәскәрҙәре Раббыһын эҙләп, Уның илтифатын ҡаҙаныр өсөн, Йәрүсәлимгә килерҙәр». Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Ул көндәрҙә һәр тел һәм милләттә ун кеше бер йәһүҙиҙең итәгенә йәбешеп: „Һеҙҙең менән барайыҡсы, сөнки Алланың һеҙҙең менән булғанын ишеттек“, – тип әйтер». Әүлиәлек. Раббы һүҙе Хадрах еренә һәм Дамаскка йүнәлтелгән. Ысынлап та кешелектең, Бөтә Исраил ырыуҙарының күҙе Раббыға төбәлгән. Был һүҙ Хадрах менән сиктәш Хамаҫ ҡалаһына, Халыҡтары үҙҙәрен аҡыллыға һанаған Тир менән Сидон ҡалаларына ла ҡағыла. Тир үҙенә бер ҡәлғә төҙөнө; Саң-туҙан ҡәҙәрле көмөш, Урамдағы балсыҡ саҡлы саф алтын йыйҙы. Бына бөйөк Хаким уның байлығын тартып алыр, Мал-мөлкәтен диңгеҙгә ырғытыр; Ә үҙен ут тотош ялмап йотор. Быны күреп Ашҡылондың ҡото осор; Газа ла ҡалтырап төшөр; Ғәҡрон ҡурҡыр, сөнки өмөтө аҡланмаҫ; Газа батшаһыҙ ҡалыр; Ашҡылонды бер кем төйәк итмәҫ. Ашдодта ҡатнаш ҡанлылар төйәкләнер. «Пелештиҙәрҙең ғорурлығын ҡырырмын Мин. Ауыҙҙарынан ҡанлы итте алып ташлармын, Теш араһынан хәрәм ризыҡтарын тартып алырмын. Иҫән ҡалғандары Йәһүҙәләге һәр нәҫел һымаҡ Аллабыҙҙыҡы булып һаналыр. Ғәҡрон йевусиҙәр кеүек йәшәр. Мин Үҙемдең ҡорамым янында һаҡта торам: Инде һис кем унда-бында үтеп йөрөмәҫ, Бер кем халҡымды йәберләй алмаҫ, Инде Үҙемдең күҙҙәрем унда булыр». Шатлан, шатлан, эй Сион-ҡыҙ! Йәрүсәлим-ҡыҙ, ҡыуаныслы ауаздар һал! Ҡара, батшаң килә һиңә табан; Ул – тәҡүә, еңеүсе, тыйнаҡ-күндәм, Ишәккә менгән, бала ишәккә. «Әфраимдың яу арбаларын, Йәрүсәлимдең аттарын юҡ итермен. Һуғыш йәйәләре һыныр. Батша халыҡтарға тыныслыҡ иғлан итер; Хакимлығы бер диңгеҙҙән икенсе диңгеҙгә, Евфраттан ер сигенә тиклем йәйрәп ятыр. Ә һеҙгә килгәндә, Арабыҙҙа ҡорбан ҡаны менән беркетелгән килешеү хаҡына Һөргөндәге халҡығыҙҙы Һыуһыҙ соҡорҙан сығарып азат ҡылам. Ҡәлғәләрегеҙгә ҡайтығыҙ, Эй һеҙ, өмөтө тере әсирҙәр! Күргән ғазаптарың өсөн бөгөн, Сион, һиңә икеләтә фатиха иғлан итәм. Йәһүҙәне йәйәмде киргәндәй кирәм; Ә Әфраимды уҡ итеп уға терәйем. Улдарыңды, Сион, Яуан улдарына ҡаршы аяҡҡа баҫтырам, Һине яугирҙең ҡылысы итәм». Раббы халҡы өҫтөндә пәйҙә булыр; Уғы йәшен кеүек осоп сығыр. Раббы Хаким борғоһон ҡысҡыртыр, Көньяҡтан ғәрәсәт булып килер. Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙ халҡын яҡлар. Улар дошмандарын тар-мар итер, Һапҡысыларҙы юҡҡа сығарыр, Шарап эсеп иҫергән һымаҡ геүләшер, Ҡорбан ҡаны тулған сеүәтәләр кеүек булыр, Ҡорбан усағының мөйөштәреләй ҡанға мансылыр. Ул көн Аллалары Раббы Үҙенең халҡын ҡотҡарыр, Һарыҡ көткәндәй уларҙы әйҙәп йөрөр. Уның ерендә таждағы ҡаш һымаҡ балҡырҙар. Ниндәй күркәм һәм мул буласаҡ ил! Йәш егеттәр менән ҡыҙҙар туйғансы икмәк ашап, Яңы шарап эсеп, һау-сәләмәт үҫер. Яҙғы мәлдә Раббынан ямғыр теләгеҙ. Йәшен болоттарын бар ҡылған, Кешеләргә мул итеп ямғыр биргән, Һәр кемдең баҫыуын йәшеллеккә күмгән Раббынан. Йорт илаһтары алдаша; Күрәҙәселәр юҡ-барҙы күрә; Юраусылар ялған төштәр һөйләй. Шуға ла халыҡ аҙашҡан һарыҡ һымаҡ Көтөүсе юҡлыҡтан михнәт сигә. «Көтөүселәргә ҡаршы асыуым ялҡынланды. Әйҙәп барған тәкәләрен язалаясаҡмын, – ти Раббы. – Сөнки Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Көтөүен – Йәһүҙә халҡын – Үҙеҡайғыртыр; Уны ғорур һуғыш аты итер. Мөйөш ташы, сатыр ҡаҙығы, Яу йәйәһе Йәһүҙәнән булыр; Халыҡтың бөтә башлыҡтары ла унан сығыр. Бергә улар һуғыштағы ҡаһармандар һымаҡ, Дошмандарын урам балсығында һалып тапар. Раббы улар менән булған өсөн һуғышырҙар, Дошман һыбайлыларын оятҡа ҡалдырырҙар. Йәһүҙә халҡына көс бирәм, Йософ нәҫелен ҡотҡарам. Һөргөндән кире ҡайтарам, Сөнки уларҙы ҡыҙғанам. Мин уларҙан ваз кисмәгән кеүек булырҙар, Сөнки Мин уларҙың Аллаһы Раббымын; Ялбарыуҙарына яуап ҡайтарырмын. Әфраимдар батыр яугир кеүек булыр, Шарап эскән кеүек күңелдәре күтәрелер. Улдары быны күреп шатланыр; Йөрәктәре Раббыла ҡыуаныс табыр. Мин һыҙғырып уларҙы йыйырмын, Сөнки йолом биреп алдым. Улар йәнә элеккеләй күмәк булыр. Уларҙы халыҡтар араһына таратһам да Йыраҡ илдәрҙә лә Мине онотмаҫтар; Балалары менән бергә тере ҡалып, кире ҡайтырҙар. Мин уларҙы йәнә Мысырҙан алып ҡайтырмын, Ашшурҙан йыйып алырмын. Ғилғәд еренә, Ливанға килтерермен, Күп булырҙар – хатта торор урын етмәҫ. Улар хәсрәт диңгеҙен кискәндә, Шашҡын тулҡындар баҫылыр. Нил йылғаһының тәрәнлектәре ҡорор. Ашшурҙың тәкәбберлеге шиңер, Мысырҙың батшалыҡ таяғы ҡулынан төшөр. Халҡымды Үҙ көсөм менән ҡеүәтле итермен, Исемемә лайыҡ тормошта йәшәрҙәр». Раббы шулай тип белдерә. Эй Ливан, ҡапҡаларыңды ас, Ут кедр ағастарыңды ялмап йотһон! Эй кипарис, ҡысҡырып ила, Сөнки кедр ағасы йығылды, Мәғрур ағастар юҡ булды. Илағыҙ, эй Башан имәндәре, Ҡара урмандар ҡырылды. Көтөүселәрҙең һыҡтауҙарын ишет, Сөнки иркен болондар тапалды. Йәш арыҫландар үкерә, Сөнки Иордан туғайҙары юҡ булды. Аллам Раббы былай ти: – Салыр өсөн айырған көтөүемде һин утлат. Ул көтөүҙең ҡуйҙарын алғандар, уларҙы салһа ла, язаһыҙ ҡалыр. Уларҙы һатҡандар иһә: «Аллаға шөкөр, байыным!» – тип ҡыуаныр. Көтөүселәре уларҙы ҡыҙғанмаҫ. Мин дә башҡаса был илдә йәшәгән халыҡты ҡыҙғанмайым. – Раббы шулай тип белдерә. – Һәр кемде үҙенең яҡынының һәм батшаһының ҡулына тапшырам. Улар илде бушлыҡҡа әйләндерер. Ә Мин бер кемде лә уларҙың ҡулынан ҡотҡармаясаҡмын. Мине һарыҡ һатыусы сауҙагәрҙәр ялланы – уларҙың салырға тәғәйенләнгән һарыҡтарын көтә башланым. Ҡулыма ике таяҡ алдым. Уларҙың береһен «миһырбан», икенсеһен «берҙәмлек» тип атаным һәм улар менән малдарҙы көттөм. Бер ай эсендә өс көтөүсене ҡыуып ебәрҙем, сөнки минең улар менән түҙемлегем ҡалманы. Улар ҙа мине күрә алмаҫ булды. Шунан көтөүгә: – Башҡа һеҙҙе көтмәйем. Үлгәне үлһен, юҡҡа сыҡҡаны юҡҡа сыҡһын, иҫән ҡалғандары бер-береһенең итен ашаһын, – тинем. Шунан «миһырбан» тигән таяғымды алдым да, бөтә халыҡтар менән төҙөшкән килешеүемде юҡ итер өсөн, уны һындырҙым. Шулай итеп, ул көндө килешеү ғәмәлдән сығарылды. Мине күҙәткән һарыҡ һатыусы сауҙагәрҙәр бының Раббы һүҙе булғанын аңланы. Уларға: – Кәрәк тапһағыҙ, хеҙмәт хаҡымды бирегеҙ, тапмаһағыҙ, бирмәгеҙ, – тинем. Улар миңә утыҙ көмөш үлсәп бирҙе. Раббы миңә: – Уларҙы көмөш иретеүсегә бырға, – тине. Ниндәй юғары баһаланылар мине! Мин ул утыҙ көмөштө алып, Раббы ҡорамындағы көмөш иретеүсегә ташланым. Шунан, Йәһүҙә менән Исраил араһындағы туғанлыҡты боҙор өсөн, «берҙәмлек» тип аталған таяғымды һындырҙым. Раббы миңә: – Тағы бер тапҡыр көтөүсе булып яллан, тик был юлы эшкә ашмаған көтөүсе, – тине. – Ҡара, Мин илгә бер көтөүсе ҡуям: ул бәлә-ҡазаға юлыҡҡандарға ярҙам итмәҫ, аҙашҡандарҙы эҙләмәҫ, имгәнгәндәрҙе дауаламаҫ, һауҙарҙың тамағын ҡайғыртмаҫ. Һимеҙҙәренең итен ашар, хатта тояҡтарына тиклем ҡуптарып алыр. Көтөүен ташлаған йүнһеҙ көтөүсегә ҡайғы! Ҡулына һәм уң күҙенә ҡылыс ҡаҙалһын! Ҡулы тотош ҡороп ҡатһын! Уң күҙе һуҡырайһын! Әүлиәлек. Раббының Исраил тураһында әйткән һүҙҙәре. Күктәрҙе киргән, ергә нигеҙ һалған, кешегә рух биргән Раббы былай ти: – Ҡара, Йәрүсәлимде әйләнә-тирәләге бөтә халыҡтарҙы иҫертер шарап тулы туҫтаҡҡа әүерелдерәм. Йәрүсәлим ҡамап алынғас һәм Йәһүҙә бәләгә ҡалғас, Йәрүсәлимде бөтә халыҡтар өсөн ауыр бер таш итәм. Уны күтәрергә маташҡан һәр береһе имгәнер. Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар Йәрүсәлимгә ҡаршы берләшер. Ул көндө, – тип белдерә Раббы, – һәр бер атты ҡурҡыуға һалырмын, ә һыбайлыһын аҡылдан яҙҙырырмын. Йәһүҙә халҡын күҙәтеп торормон, ә башҡа халыҡтарҙың бөтә аттарын һуҡырайтырмын. Ул ваҡытта Йәһүҙә башлыҡтары үҙ-үҙҙәренә: «Йәрүсәлим халҡы Аллалары Күк ғәскәрҙәре Раббыһы арҡаһында ҡеүәтле», – тип әйтер. Ул көндө Мин Йәһүҙә башлыҡтарын утын араһында ултырған ҡуҙлы көршәк, көлтәләр араһында янған сыра кеүек итермен. Улар уңда ла, һулда ла, эргә-тирәләге бөтә халыҡтарҙы яндырып юҡ итер. Йәрүсәлим халҡы иһә тағы үҙ ҡалаһында, Йәрүсәлимдә, йәшәр. Раббы иң тәүҙә Йәһүҙә сатырҙарын ҡотҡарыр. Сөнки Дауыт нәҫеленән булғандарҙың һәм Йәрүсәлимдә йәшәгәндәрҙең даны Йәһүҙәнекенән артыҡ булмаһын. Раббы ул көндө Йәрүсәлимдә йәшәүселәрҙе яҡлар. Уларҙың араһындағы иң көсһөҙ әҙәм Дауыт кеүек, Дауыт нәҫеле иһә Алла кеүек, алдарынан барған Раббының фәрештәһе шикелле булыр. Ул көндө Раббы Йәрүсәлимгә һөжүм итергә маташҡан бөтә ҡәүемдәрҙе юҡ итә башлар. Раббы былай ти: – Дауыт нәҫеленә һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә мәрхәмәт һәм доға рухын яуҙырырмын. Улар Миңә – үҙҙәре сәнскән затҡа ҡарарҙар ҙа, берҙән-бер балалары үлгәндәге һымаҡ ҡайғырырҙар, баш балаһы өсөн хәсрәтләнгән кеше һымаҡ әсенерҙәр. Ул көндө Йәрүсәлимдә түгелгән йәш, Мегиддо тигеҙлегендәге Һадад-Риммонда түгелгән йәш кеүек күп булыр. Ер илар, һәр нәҫел айырым илар: Дауыт нәҫеле, уларҙың ҡатындары айырым йәш түгер; Наҫандың нәҫеле, уларҙың ҡатындары айырым йәш түгер; Левиҙең нәҫеле, уларҙың ҡатындары айырым, Шимғи нәҫеле, уларҙың ҡатындары айырым йәш түгер. Ҡалған һәр нәҫелдең ирҙәре айырым, ҡатындары айырым йәш түгер. Ул көндө, Дауыт нәҫелен һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәрҙе гонаһтан һәм бысраҡлыҡтан паклау өсөн, бер шишмә урғылып сығыр. – Ул көндө, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – был илдә боттарҙың исемдәрен дә ҡалдырмаясаҡмын һәм уларҙы башҡаса хәтергә алыусы булмаҫ. Шулай уҡ ялған пәйғәмбәрҙәрҙе лә, бысраҡ рухты ла был ерҙән ҡыуып сығарасаҡмын. Әгәр берәйһе йәнә пәйғәмбәрлек итә башлаһа, уға үҙен тыуҙырған ата-әсәһе: «Һин йәшәргә тейеш түгелһең, сөнки һин Раббы исеменән ялған һөйләнең», – тип әйтер. Пәйғәмбәрлек иткәнендә уны үҙ әсәһе менән үҙ атаһы сәнсеп үлтерер. Ул көндө һәр пәйғәмбәр пәйғәмбәрлек иткән сағында күргән күренмеше өсөн оялыр; инде уларҙың береһе лә башҡаларҙы алдар өсөн пәйғәмбәрҙәрҙең ҡыл ябынсаһын кеймәҫ. «Мин пәйғәмбәр түгелмен, ер эшкәртеүсемен. Йәшлегемдә бер кеше мине үҙенә ҡол булараҡ һатып алды», – тип әйтер. «Ҡулдарыңда ниндәй яралар ул?» – тип һорағандарға: «Былар минең дуҫтарымдың өйөндә алған йәрәхәттәр», – тип яуап ҡайтарыр. «Эй ҡылыс, уян! Миңә яҡын булғанға, Миңә хеҙмәт иткән көтөүсегә ҡаршы күтәрел! – Шулай ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Көтөүсене һәләк ит, һарыҡтар таралһын! Шунда Мин ҡулымды бәрәстәргә ҡаршы күтәрермен. Бөтә илдә, – тип белдерә Раббы, – Халыҡтың өстән ике өлөшө үлеп бөтөр, Өстән бере иҫән ҡалыр. Ҡалған өстән берен утҡа һалырмын, Уларҙы көмөштө таҙартҡан кеүек иретермен; Алтынды һынаған һымаҡ һынармын: Исемемде әйтеп Мине саҡырырҙар, Мин дә уларға яуап бирермен, „Улар – Минең халҡым“, – тиермен. Улар иһә: „Раббы – минең Аллам!“ – тип әйтер». Бына Раббы көнө килә! Эй Йәрүсәлим халҡы, Һинән талап алынған малды Күҙ алдыңда бүлешерҙәр. – Мин, Йәрүсәлимгә ҡаршы һуғышыр өсөн, бөтә халыҡтарҙы туплаясаҡмын, – тип белдерә Раббы. – Ҡала ҡулға төшөр, йорттар таланыр, ҡатын-ҡыҙҙар мәсхәрәләнер. Ҡалала йәшәгәндәрҙең яртыһы һөргөнгә оҙатылыр, әммә ҡалғандарының тамыры ҡаланан ҡырҡылмаҫ. Унан Раббы һуғыш ваҡытындағы кеүек был ҡәүемдәргә ҡаршы сығып һуғышыр. Был көндө Уның аяҡтары Йәрүсәлимдең көнсығышындағы Зәйтүн тауында торор. Зәйтүн тауы, көнсығыштан көнбайышҡа уртаға ярылып, бик ҙур үҙән хасил булыр. Тауҙың бер яртыһы төньяҡҡа, икенсе яртыһы көньяҡҡа күсер. Ярылған тауҙың уртаһындағы үҙән буйлап ҡасырһығыҙ, сөнки үҙән Азалға тиклем һуҙылыр. Һеҙ Йәһүҙә батшаһы Ғуззияһ заманында булған ер тетрәүҙән ҡасҡан шикелле йүгерерһегеҙ. Ул көндө Раббы, Аллам минең, Үҙенең бөтә изгеләре менән бергә килер. Ул көндө яҡтылыҡ булмаҫ. Яҡтылыҡ биргән есемдәр юғалыр. Берҙән-бер көн, бары Раббы ғына белгән бер көн булыр был. Төн дә, көн дә булмаҫ, тик кискеһен генә яҡтылыҡ пәйҙә булыр. Ул көн Йәрүсәлимдән йәшәү биргән һыуҙар ағыр. Һыуҙарҙың бер яртыһы көнсығыш диңгеҙгә, икенсе яртыһы көнбайыш диңгеҙгә ағыр. Йәйен-ҡышын шулай булыр. Раббы иһә бөтә ер йөҙөнөң батшаһы булыр. Ошо көндө тик Раббы ғына булыр, бары Уның исеме берҙән-бер исем булып ҡалыр. Тотош ил, Гевағтан Йәрүсәлимдең көньяғындағы Риммонға тиклем, Ғарава тигеҙлеге кеүек булыр. Әммә Йәрүсәлим Бинйәмин ҡапҡаһынан элекке ҡапҡа – Мөйөш ҡапҡаһына, Хананил манараһынан батшаның йөҙөм һыҡҡыс соҡорҙарына тиклем үҙенең урынында ҡалҡыу булып торор. Унда кешеләр йәшәр, уны башҡа бер ваҡытта ла харам ҡылмаҫтар һәм Йәрүсәлим имен-аман ғүмер итер. Йәрүсәлимгә ҡаршы һуғышҡан бөтә халыҡтарҙы Раббы бына нисек язалар: үҙ аяҡтарында йөрөгән саҡтарында уҡ тәндәре серер, күҙ соҡорҙарында – күҙҙәре, ауыҙҙарында телдәре серер. Ул көндө Раббы кешеләргә ҡот осҡос дәһшәт күндерер. Һәр кем үҙенең янындағы әҙәмгә йәбешеп, бер-береһенә ҡаршы ҡул күтәрерҙәр. Хатта Йәһүҙә халҡы ла Йәрүсәлимдәге һуғышҡа ҡушылыр. Уның әйләнә-тирәһендәге барса ҡәүемдәрҙең бөтә байлығы: бик күп алтын-көмөш, кейем-һалым яумал булып алыныр. Ошондай уҡ үләт дошман ғәскәрҙәренең тупламдарындағы бөтә мал-тыуарға: аттар, ҡасырҙар, дөйәләр һәм ишәктәргә лә төшөр. Йәрүсәлимгә һөжүм иткән ҡәүемдәрҙең иҫән ҡалғандары Батшаға – Күк ғәскәрҙәре Раббыһына – ғибәҙәт ҡылыр һәм, Ҡыуыш байрамын билдәләр өсөн, йыл һайын Йәрүсәлимгә килер. Ер йөҙөндәге халыҡтарҙың ҡайһыларылыр Батшаға – Күк ғәскәрҙәре Раббыһына – ғибәҙәт ҡылыр өсөн Йәрүсәлимгә бармаһа, уларҙа ямғыр яумаҫ. Әгәр мысырҙар ҙа юлға сығырға һәм бында килергә баш тартһа, уларҙа ла ямғыр яумаҫ. Раббы уларға ла, Ҡыуыш байрамы менән ҡотларға Йәрүсәлимгә килмәгән башҡа ҡәүемдәргә күндергән кеүек, ҡырғын ебәрер. Мысырҙарҙың гонаһы һәм Ҡыуыш байрамы менән ҡотларға килмәгән башҡа ҡәүемдәрҙең гонаһы өсөн бына шундай яза булыр. Ул көндө аттарҙың ҡыңғырауында ла «Раббыға бағышлана» тип яҙылыр. Раббы ҡорамындағы ҡаҙандар ҙа, ҡорбан усағы алдындағы сеүәтәләр кеүек, изге булыр. Йәрүсәлим менән Йәһүҙәләге һәр бер ҡаҙан Күк ғәскәрҙәре Раббыһына арналыр. Ҡорбан салырға килеүселәр был ҡаҙандарҙы ҡорбан итен бешереү өсөн файҙаланыр. Ул көн Күк ғәскәрҙәре Раббыһының ҡорамында башҡаса бер сауҙагәр ҙә булмаҫ. Әүлиәлек. Раббының Малахи аша Исраилға әйткәндәре. – Мин яраттым һеҙҙе, – ти Раббы. – Ә һеҙ: «Һинең яратыуың нимәлә һуң?» – тип һорайһығыҙ. Ғаяз Яҡуптың ағаһы түгелме ни? – тип белдерә Раббы. – Мин Яҡупты яраттым, Ғаязды иһә күрә алманым. Уның тауҙарын бушлыҡҡа әйләндерҙем, биләмәһен сүл бүреләренә бирҙем. Эдомдар: «Беҙ емерелдек, ләкин харабаларҙы ҡабаттан торғоҙасаҡбыҙ», – тиһәләр ҙә, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы быға ҡаршы: «Улар төҙөр, Мин емерермен. Илдәре – яуызлыҡ иле, үҙҙәре мәңгелеккә Раббыны асыуландырған халыҡ, тип аталасаҡ», – тине. Үҙ күҙегеҙ менән күрерһегеҙ быны, «Раббы Исраилдан ситтә лә бөйөк!» – тиерһегеҙ. – Ул – атаһын, ҡол хужаһын хөрмәтләй. Әгәр Мин Атаймын икән, ҡайҙа Миңә хөрмәт? Әгәр Мин Хужамын икән, ҡайҙа Минән ҡурҡыуығыҙ? – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Һеҙ, ҡаһиндар, Минең исемемде хурлайһығыҙ, ә үҙегеҙ: «Нисек итеп Һинең исемеңде хурлайбыҙ?» – тип һорайһығыҙ. Минең ҡорбан усағыма хәрәм ризыҡ алып киләһегеҙ ҙә: «Һине нисек нәжесләнек һуң?» – тиһегеҙ. «Раббы өҫтәлен һанға һуҡмаҫҡа ла ярай», – тигән һүҙҙәрегеҙ менән нәжесләйһегеҙ. Ҡорбанға тип һуҡыр мал килтереү золом түгелме ни? Ҡорбанға тип аҡһаҡ, ауырыу мал килтереү яҡшы эшме ни? Алып барып ҡара әле ошондайҙы түрәңә – мөрхәтһенерме ул? Илтифат күрһәтерме һиңә? – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Бына хәҙер: «Беҙгә ҡарата мәрхәмәтле булһын Алла!» – тип Алланан яҡшы мөнәсәбәт һорап ҡара. Һеҙ шундай ҡорбандар килтергәндән һуң, Ул һеҙгә нисек яҡшы мөнәсәбәттә була алһын? – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Исмаһам, арағыҙҙан берәү Алла йорто ҡапҡаһын бикләп ҡуйһа икән, ҡорбан усағымда бушҡа утын яндырмаҫтар ине! Мин һеҙҙән риза түгелмен, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Килтергән ҡорбандарығыҙҙы ҡабул итмәйем. Гәрсә көнсығыштан алып көнбайышҡа тиклем Минең исемем халыҡтарҙа данлы булыр. Һәр ерҙә Миңә арнап хуш еҫ төтәтерҙәр, хәләл саҙаҡалар бирерҙәр. Сөнки исемем халыҡтар араһында данлы булыр, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Ә һеҙ Минең исемемде хурлайһығыҙ, һеҙҙеңсә, бөйөк Хакимдың өҫтәле лә бысраҡ, ниғмәттәре лә хөрмәткә лайыҡ түгел. «Күпме мәшәҡәт», – тип, уны һанға һуҡмайһығыҙ, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Шунан урланған, аҡһаҡ, ауырыу малды килтерәһегеҙ. Ни өсөн Мин шундай ҡорбанды ҡабул итеп алырға тейешмен? – ти Раббы. – Көтөүендә кәмселекһеҙ иркәк мал була тороп та, нәҙер ҡорбаны итеп бөйөк Хакимға зәғиф мал килтергән алдаҡсыға ләғнәт. Мин – бөйөк батша, исемем халыҡтарҙың ҡотон ала! – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Инде, эй ҡаһиндар, был әмер һеҙгә. Әгәр ҙә һеҙ Минең һүҙемде тыңламаһағыҙ һәм ихлас йөрәктән исемемде данламаһағыҙ, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – Мин өҫтөгөҙгә ҡәһәр юллайым, фатихамды ләғнәткә әйләндерәм. Эйе, Мин ҡәһәрләнем дә инде, сөнки исемемде данлағанда ихлас түгелһегеҙ. Затығыҙҙы һеҙҙең язалайым, байрамдарығыҙҙа ҡорбан иткән малдарығыҙҙың тиҙәген йөҙөгөҙгә ырғытам, һеҙ үҙегеҙ ҙә уның менән бергә ырғытыласаҡһығыҙ. Шул саҡта һеҙ аңларһығыҙ: Леви менән төҙөгән килешеү дауам итһен өсөн, һеҙгә шундай әмер бирҙем, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Уның менән Мин йәшәү һәм именлек биргән килешеү төҙөнөм, һәм, Мине хөрмәт иткән тәҡдирҙә, уға икеһен дә бирҙем. Ул да Минән ҡурҡып, исемем алдында тетрәнеп торҙо. Телендә гел хаҡ ҡануным булды, Ауыҙынан алдаҡ һүҙ сыҡманы, Хозурымда иман менән имен ғүмер итте, Күптәрҙе гонаһ ҡылыуҙан араланы. Ҡаһиндың ауыҙы Алла тураһында ғилем һаҡлай, Кеше уның теленән ҡанун эҙләй, Сөнки ҡаһин – Күк ғәскәрҙәре Раббыһының хәбәрсеһе. Ләкин һеҙ тура юлдан ҡайырылдығыҙ, Күптәрҙең ҡанун боҙоуына сәбәпсе булдығыҙ. Минең Леви менән төҙөгән килешеүемде боҙҙоғоҙ, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Шуның өсөн Мин бөтә халыҡ алдында һеҙҙе меҫкен итәм, кәмһетәм, сөнки һеҙ Минең юлымдан ситләштегеҙ, ҡанунға ҡағылышлы мәсьәләләрҙә ике йөҙлөлөк күрһәтәһегеҙ. Беҙҙең бөтәбеҙҙең дә атаһы берәү түгелме ни? Бөтәбеҙҙе бер үк Алла яратманымы ни? Шулай булғас ни өсөн беҙ, ата-бабаларыбыҙҙың төҙөгән килешеүен боҙоп, үҙебеҙҙең ҡәрҙәштәребеҙгә хыянат итәбеҙ? Йәһүҙә халҡы хыянат итте. Исраилда һәм Йәрүсәлимдә ерәнгес ғәмәлдәр ҡылына; Йәһүҙә кешеләре ят илаһтарға табынған ҡыҙҙарға өйләнеп, Раббы һөйгән Изге торлаҡты нәжесләне. Күк ғәскәрҙәре Раббыһына ҡорбан килтереп тә, ошо залимлыҡты ҡылған кешене, уның кем булыуына ҡарамаҫтан, Раббы Яҡуп сатырҙарынан ҡыуып ебәрһен. Йәнә бына ни эшләйһегеҙ һеҙ: илай-һыҡтай Раббының ҡорбан усағын күҙ йәшенә мансыйһығыҙ, сөнки Раббы ҡорбанығыҙға диҡҡәт итмәй, һеҙҙән уны хуш күреп ҡабул итмәй. Һеҙ: «Ни өсөн һуң?» – тип аптырайһығыҙ. Сөнки Раббы – һинең менән һәм һин йәшләй өйләнгән ҡатының араһында шаһит ине. Ул ҡатын һинең юлдашың һәм никах килешеүе менән хәләлең булған хәлдә, һин уға хыянат иттең. Раббы һеҙҙең тәнегеҙҙе лә, йәнегеҙҙе лә бер бөтөн итеп уҡмаштырманымы ни? Был бер бөтөндөң тәғәйенләнеше ниҙә? Ул Үҙе өсөн шәхсән бер тоҡом теләр ине. Шуға ла үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, берегеҙ ҙә йәшлектә өйләнгән ҡатынына хыянат итмәһен. Ҡатыныңды ҡыуыу, уға нәфрәтләнеү, – ти Исраил Аллаһы Раббы, – үҙ-үҙеңде йәбер-золом менән таплауға тиң, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Күңелегеҙҙе һаҡлағыҙ, хыянатсы булмағыҙ. Һүҙҙәрегеҙ менән Раббыны йонсотһағыҙ ҙа: «Нимә менән беҙ Уны йонсотабыҙ?» – тиһегеҙ. «Золом ҡылған һәр кем Раббы өсөн яҡшы, Раббы ундайҙар менән риза», – тигән һүҙҙәрегеҙ, «Ҡайҙа икән ул хаҡ хөкөмлө Алла?» – тип әйтеүегеҙ менән йонсотаһығыҙ. «Бына, Минең алдан юл әҙерләһен тип, Үҙемдең хәбәрсемде ебәрәм. Һеҙ эҙләгән бөйөк Хаким ҡапылғара Үҙ ҡорамына килер; Һеҙ көҫәгән Килешеү хәбәрсеһе – Бына ул килә лә инде! – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Әммә уның килгән көнөнә кем сыҙай алыр? Пәйҙә булһа, кем уның алдында баҫып ҡала алыр? Сөнки ул көмөш иретеү мейесендәге ялҡындай, Бар нәмәне таҙартҡан һелте шикелле. Ул көмөш иретеп таҙартыусы һымаҡ булыр: Леви улдарын иретеп, Алтын һәм көмөш кеүек таҙартыр. Шунан улар Раббыға тоғролоҡ менән Хәйер-саҙаҡалар бирә башлар. Борон замандарҙағы, әүәлге ваҡыттарҙағы һымаҡ, Йәһүҙә менән Йәрүсәлимдең саҙаҡалары Раббыға хуш булыр. Хөкөм итер өсөн һеҙгә килермен, Сихырсыға, уйнашсыға, ялғанлап ант иткәндәргә, Эшләгәндең хеҙмәт хаҡын бирмәй йонсотҡанға, Тол ҡатынды һәм етемде иҙеүсегә, Килмешәкте йәбер итеүсегә – Минән ҡурҡмағандарға – ҡаршы Арымай-талмай ғәйепләүсе булырмын, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Мин – Раббы, һүҙемә тоғромон, Шуға ла, Яҡуп нәҫеле, һеҙ иҫән ҡалдығыҙ. Ләкин атайҙарығыҙ заманынан алып Ҡағиҙәләремдән тайпылдығыҙ, Уларҙы ғәмәлгә ашырманығыҙ. Миңә кире ҡайтығыҙ – Мин дә һеҙгә ҡайтырмын, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Әммә һеҙ: „Нисек беҙгә кире ҡайтырға?“ – тинегеҙ. Кеше Алланыҡын урлай аламы һуң? Һеҙ иһә Мине таламаҡ булаһығыҙ. Үҙегеҙ: „Һине нисек талайыҡ инде?“ – тиһегеҙ. Ғөшөр һәм хәйер-саҙаҡаларҙы урлайһығыҙ. Башығыҙға ҡәһәр төшкән, Сөнки һеҙ – бөтөн халыҡ бер булып Мине талайһығыҙ. Ҡорамымда ризыҡ булһын – Бөтә ғөшөрҙө келәткә килтерегеҙ. Мине шуның менән һынағыҙ: Һеҙҙең өсөн күк ҡабағын асмаҫмынмы, Фатиханы самаһыҙҙан ҡоймаҫмынмы? – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Уңышығыҙ харап булмаһын тип, Йөҙөм ағасы емешһеҙ ҡалмаһын тип, Һеҙҙең хаҡҡа ҡомһоҙ ҡоротҡостарҙы туҡтатам, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Бар ҡәүемдәр бәхетле тип һанар һеҙҙе, Сөнки хайран ерҙә йәшәйһегеҙ», – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. «Миңә ҡаршы уҫал һүҙҙәр һөйләнегеҙ, – ти Раббы. – Ә үҙегеҙ: „Һиңә ҡаршы нимә әйттек һуң беҙ?“ – тип һорайһығыҙ. „Аллаға хеҙмәт итеү – файҙаһыҙ, Уның бойороҡтарын үтәүҙән, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы хозурына Хәсрәтле йөҙ менән инеүҙән ни файҙа күрҙек? Ана, тәкәбберҙәрҙе бәхетле тип һанайбыҙ. Золом ҡылыусылар уңыш ҡаҙана, Улар Алланы һынап торһа ла, Зыян, ҡаза күрмәй йәшәй бирә“, – тинегеҙ һеҙ». Әммә Раббынан ҡурҡҡандар бер-береһе менән һөйләште. Раббы был һүҙҙәргә ҡолаҡ һалып тыңланы. Уның алдында – хәтер китабы, шуға Раббынан ҡурҡҡандар, Раббы исемен ҙурлағандар яҙып ҡуйылды. – Улар Минеке булыр, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – Мин билдәләгән көндө уларҙы Үҙ хазинам итермен, үҙенә ярҙамлашҡан улына ҡарата рәхимле булған ата кеүек, Мин дә уларға рәхимле булырмын. Шул саҡ һеҙ яңынан тәҡүә кешене залимдан, Аллаға хеҙмәт иткәнде Уға хеҙмәт итмәгәндән айыра башларһығыҙ. – Бына тиҙҙән ҡыҙыу мейес кеүек көйҙөрөр көн килеп етер. Бөтә тәкәбберҙәр һәм яуызлыҡ ҡылыусылар һалам булыр, киләһе ул көн һәр береһен үртәп бөтөр, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – уларҙан тамыр ҙа, ботаҡ та ҡалмаҫ. Һеҙҙең өсөн иһә, Минең исемемдән ҡурҡҡандар, ғәҙеллек ҡояшы ҡалҡыр. Уның нурҙарынан шифа алырһығыҙ. Шул сағында һеҙ аҙбарҙан сыҡҡан башмаҡтар шикелле һикерә-һикерә уйнаҡларһығыҙ. Залим әҙәмдәрҙе тапарһығыҙ. Мин тәғәйен иткән көндә улар һеҙҙең аяҡ аҫтығыҙҙа тупраҡ булыр, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Тотош Исраил өсөн Хорев тауында ҡолом Муса аша биргән ҡанунды, Минең ҡағиҙә һәм ҡарарҙарымды иҫегеҙҙән сығармағыҙ. Бына Мин Раббының бөйөк һәм дәһшәтле көнө килер алдынан һеҙгә Ильяс пәйғәмбәрҙе ебәрермен. Мин килгән саҡта, ерҙе харам ҡылмаҫ өсөн, ул атайҙарҙың йөрәген балаларына, балаларыныҡын атайҙарына табан борор. Ибраһим һәм Дауыт тоҡомонан булған Ғайса Мәсихтең нәҫел шәжәрәһе. Ибраһим – Исхаҡтың, Исхаҡ – Яҡуптың, Яҡуп Йәһүҙәнең һәм уның ағай-энеләренең атаһы; Йәһүҙә Тамарҙан тыуған Пәрәс һәм Зерахтың атаһы; Пәрәс – Хесрондың, Хесрон – Арамдың, Арам – Ғамминадавтың, Ғамминадав – Нахшондың, Нахшон – Салманың, Салма – Рахавтан тыуған Боғаздың, Боғаз – Руттан тыуған Ғоведтың, Ғовед – Ишайҙың, Ишай Дауыт батшаның атаһы ине. Дауыт Урияһтың ҡатынынан тыуған Сөләймәндең, Сөләймән – Рехавғамдың, Рехавғам – Авияһтың, Авияһ – Асаның, Аса – Йеһошафаттың, Йеһошафат – Йеһорамдың, Йеһорам – Ғуззияһтың, Ғуззияһ – Йоҫамдың, Йоҫам – Ахаздың, Ахаз – Хизкияһтың, Хизкияһ – Менашшеның, Менашше – Амондың, Амон Йошияһтың атаһы ине; Исраил халҡы көсләп Бабилға күсерелгән дәүерҙә Йошияһтың улы Йехонъяһ һәм уның ағай-энеләре тыуҙы. Бабилға көсләп күсерелгәндән һуң Йехонъяһтың улы Шеалтиил тыуҙы. Шеалтиил – Зеруббавелдың, Зеруббавел – Авиһудтың, Авиһуд – Әлъяҡимдың, Әлъяҡим – Азорҙың, Азор – Садоҡтың, Садоҡ – Ахимдың, Ахим – Әлиудтың, Әлиуд – Әлғазарҙың, Әлғазар – Матҫандың, Матҫан – Яҡуптың, Яҡуп Мәрйәмдең ире Йософтоң атаһы ине. Мәрйәмдән Мәсих тип аталған Ғайса тыуҙы. Шулай итеп, Ибраһимдан Дауытҡа тиклем бөтәһе ун дүрт быуын, Дауыттан алып Бабилға көсләп күсерелгән ваҡытҡа тиклем ун дүрт быуын һәм, Бабилға күсерелеп, Мәсих тыуғанға тиклем ун дүрт быуын булды. Ғайса Мәсихтең тыуыуы былай: әсәһе Мәрйәм Йософ менән йәрәшелгән була, әммә улар өйләнешкәнсе үк Мәрйәмдең Изге Рухтан балаға ҡалғаны асыҡлана. Ире Йософ иһә, тәҡүә кеше булараҡ, Мәрйәмде оятҡа ҡалдырмаҫ өсөн, йәрәшеүҙе йәшерен генә өҙөргә ниәтләй. Ошо турала уйлағандан һуң, төшөнә Раббы фәрештәһе инә. – Йософ, Дауыт улы! Мәрйәмде кәләш итеп алыуҙан ҡурҡма, – ти ул. – Уның ҡарынындағы Бала Изге Рухтан яралды. Мәрйәм Ир Бала табыр һәм һин Уға Ғайса тип исем ҡушырһың, сөнки Ул Үҙенең халҡын гонаһтарҙан ҡотҡарасаҡ. Былар барыһы ла Раббының пәйғәмбәр аша: «Бына, ғиффәтле ҡыҙ ауырға ҡалып бер улан табыр. Уға Ғиммануил тип исем ҡушырҙар», – тигән һүҙҙәре ғәмәлгә ашһын өсөн булды. «Ғиммануил» «Алла беҙҙең менән» тигәнде аңлата. Йософ, йоҡоһонан уянғас, Раббы фәрештәһе ҡушҡанды үтәй: ул Мәрйәмгә өйләнә. Әммә, Мәрйәм Улын тыуҙырғансы, Йософ уның менән яҡынлыҡ ҡылмай. Балаға ул Ғайса тип исем ҡуша. Ғайса Йәһүҙиә ерендәге Бейт-Ләхәм ҡалаһында Һируд батша идара иткән заманда тыуҙы. Ошо мәлдәрҙә көнсығыштан Йәрүсәлимгә аҡыл эйәләре килде. – Йәһүдтәрҙең яңы тыуған Батшаһы ҡайҙа? – тип һораны улар халыҡтан. – Беҙ көнсығышта Уның йондоҙо ҡалҡҡанын күрҙек, әле Уға сәждә ҡылып хөрмәт күрһәтергә килдек. Был хаҡта ишеткәс, Һируд батша һәм уның менән бергә бөтә Йәрүсәлим халҡы хафаға ҡалды. Һируд, халыҡтың бөтә баш ҡаһиндарын һәм ҡанун белгестәрен йыйып алып, уларҙан Мәсихтең ҡайҙа тыуырға тейешлеген һораны. – Йәһүҙиә ерендәге Бейт-Ләхәм ҡалаһында, – тине улар. – Сөнки пәйғәмбәр аша Алла былай тигән: «Эй Йәһүҙәләге Бейт-Ләхәм, һин Йәһүҙә хакимдары араһында һис тә иң бәләкәсе түгел, сөнки һинән Юлбашсы сығасаҡ. Ул Минең халҡым Исраилдың Көтөүсеһе буласаҡ». Шунан һуң Һируд, аҡыл эйәләрен йәшерен рәүештә саҡыртып алып, йондоҙҙоң теүәл ҡалҡҡан ваҡытын белеште лә: – Барығыҙ, Бала тураһында барыһын да ентекләп һорашығыҙ. Тапҡас, миңә хәбәр итерһегеҙ. Мин дә барып Уға сәждә ҡылайым, – тип уларҙы Бейт-Ләхәмгә ебәрҙе. Батшаны тыңлағандан һуң, аҡыл эйәләре юлға сыҡты. Улар көнсығышта күргән йондоҙ алдарынан барҙы һәм, Бала булған урынға килеп еткәс, туҡтап ҡалды. Йондоҙҙо күреп, аҡыл эйәләре ҡыуанып бөтә алманы. Өйгә ингәс, улар Баланы һәм Уның әсәһе Мәрйәмде күрҙе. Балаға сәждә ҡылып, Уға хөрмәт күрһәттеләр. Шунан, хазина ҡумталарын асып, Уға алтын, шулай уҡ ладан һәм мирра тигән хуш еҫле ыҫмалалар бүләк иттеләр. Төштәрендә, Һируд янына ҡабат бармаҫҡа, тигән киҫәтеү алғас, улар башҡа юл менән үҙ илдәренә ҡайтып киттеләр. Аҡыл эйәләре ҡайтып киткәс, Йософтоң төшөнә Раббы фәрештәһе инде. – Тор, Бала менән Уның әсәһен ал да Мысырға ҡас. Мин һиңә хәбәр биргәнгә тиклем шунда булып тор, сөнки Һируд, Баланы эҙләп табып, үлтерергә ниәтләй, – тине ул. Йософ, тороп, Бала менән Уның әсәһен алды ла төн йөҙөндә Мысырға юлланды. Һируд үлгәнгә тиклем ул шунда ҡалды. Был иһә Раббының пәйғәмбәр аша: «Мин Улымды Мысырҙан саҡырып алдым», – тигәне ғәмәлгә ашһын өсөн булды. Һируд, үҙенең аҡыл эйәләре тарафынан алданғанын аңлап, бик ныҡ ярһыны. Ул, аҡыл эйәләренең һүҙенә таянып, Баланың йәшен билдәләне лә, Бейт-Ләхәмдәге һәм уның тирәһендәге ике йәшкә тиклемге бөтә ир балаларҙы үлтерергә бойороп, үҙенең кешеләрен ебәрҙе. Йермеяһ пәйғәмбәр аша әйтелгәндәр шулай ғәмәлгә ашты: «Рама ҡалаһында көслө бер тауыш – иңрәп, һыҡтап илау ишетелә: балалары өсөн Рәхилә илай был. Үҙен йыуатыуҙарын һис теләмәй, сөнки балалары юҡтар инде». Һируд үлгәндән һуң, Мысырҙа Раббы фәрештәһе Йософтоң төшөнә инде. Ул: – Тор, Бала менән Уның әсәһен алып, Исраил еренә ҡайт. Баланың ғүмеренә ҡул һуҙыусылар үлде инде, – тине. Йософ торҙо ла, Бала менән Уның әсәһен алып, Исраилға ҡайтты. Әммә, Йәһүҙиәлә Һируд урынында улы Архелайос батша идара итеүен ишетеп, Йософ унда барырға ҡурҡты. Төшөндә йәнә бер иҫкәртеү алғас, ул Галилея өлкәһенә китте. Унда Назара тигән ҡалаға барып урынлашты. Был пәйғәмбәрҙәр аша белдерелгән: «Уны „Назаралы“ тип атарҙар», – тигән һүҙҙәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды. Шул көндәрҙә Йәһүҙиә сүллегенә Сумдырыусы Яхъя килеп вәғәзләй башланы. – Тәүбәгә килегеҙ, – тине ул вәғәзендә. – Күктәр Батшалығы яҡынлашты. Ишағыяһ пәйғәмбәр: «Сүлдә тауыш яңғырай: „Раббыға юл әҙерләгеҙ, Уның барыр һуҡмаҡтарын турайтығыҙ!“» – тип Яхъя тураһында әйткәйне. Яхъя дөйә йөнөнән кейем кейеп, биленә күн ҡайыш быуып йөрөнө. Сиңерткә һәм солоҡ балы уға ризыҡ булды. Уның янына Йәрүсәлимдә, бөтә Йәһүҙиә һәм Иордан буйы төбәгендә йәшәгән халыҡ килде. Килгән кешеләр үҙҙәренең гонаһтарын асыҡтан-асыҡ таныны һәм Яхъя уларҙы Иордан йылғаһында сумдырҙы. Ул, күп кенә фарисейҙарҙың һәм саддукейҙарҙың һыуға сумдырылырға тип килгәнен күреп, уларға былай тине: – Эй һеҙ, ағыулы йылан тоҡомо! Кем һеҙгә Алланың яҡынлашып килгән асыуынан ҡасып ҡала алырһығыҙ тип әйтте? Ихлас тәүбә итеүегеҙҙе эш менән күрһәтегеҙ! «Беҙҙең атабыҙ бит Ибраһим», – тип уйламағыҙ. Һеҙгә әйтәм: Алла ошо таштарҙан да Ибраһимға балалар булдыра ала. Балта ағас төбөндә әҙер ята инде: һәйбәт емеш бирмәгән һәр ағас ҡырҡылып утҡа ташланыр. Мин, тәүбә итеүегеҙҙе раҫлап, һеҙҙе һыуға сумдырам. Әммә минән һуң Килгән Зат күпкә ҡөҙрәтлерәк. Мин Уның аяҡ кейемен күтәреп йөрөргә лә лайыҡ түгелмен. Ул һеҙҙе Изге Рухҡа һәм утҡа сумдырыр. Ул ҡулындағы елгәргес көрәге менән ырҙында елгәрер. Бойҙайын, айырып, бураға һалыр, ә кәбәген һүнмәҫ утта яндырыр. Шул мәлдә, Яхъя тарафынан һыуға сумдырылырға тип, Ғайса Галилеянан Иордан йылғаһына килде. Яхъя: – Һыуға мине Һин Үҙең сумдырырға тейешһең, ә Һин миңә килгәнһең, – тип Уны туҡтатырға тырышты. – Әлегә ошолай булһын, сөнки беҙ Алланың ғәҙел ихтыярын үтәргә тейешбеҙ, – тип яуапланы Ғайса. Яхъя быға риза булды. Ғайса һыуға сумдырылып сыҡты. Шул саҡ күк ҡабағы асылып китте лә Ул Үҙенең өҫтөнә күгәрсен сүрәтендә Алла Рухы төшкәнен күрҙе. Күктән: «Был – Минең һөйөклө Улым. Ул – Минең ҡыуанысым!» – тигән ауаз ишетелде. Шунан һуң, Иблистән һынатыр өсөн, Алла Рухы Ғайсаны сүлгә алып китте. Тәғәм ризыҡ ҡапмайынса ҡырҡ көн һәм ҡырҡ төн үткәргәндән һуң, Ғайса бик ныҡ асыҡты. Шул саҡ ҡотҡосо Иблис, Уның янына килеп: – Әгәр ҙә Һин Алла Улы булһаң, бынау таштарға икмәккә әйләнергә бойор, – тине. – «Кеше икмәк менән генә түгел, Алла әйткән һәр бер һүҙ менән дә йәшәр». Шулай тип яҙылған Изге Яҙмала, – тип яуапланы Ғайса. Шунан һуң Иблис Уны Йәрүсәлимгә – изге ҡалаға алып килеп, Алла йортоноң иң бейек урынына баҫтырҙы. – Әгәр ҙә Һин Алла Улы булһаң, түбәнгә ташлан, – тине ул Ғайсаға. – Сөнки Изге Яҙмала: «Алла Үҙенең фәрештәләренә Һинең турала бойороҡ бирер: аяҡтарыңды ташҡа бәрҙертмәй, улар Һине ҡулдарына күтәреп йөрөр», – тип яҙылған бит. – Унда: «Аллаң Раббыны һынама», – тип тә яҙылған, – тип яуапланы уға Ғайса. Бынан һуң Иблис Уны бик бейек тауға алып менде. Донъялағы барлыҡ батшалыҡтарҙы уларҙың бөтә гүзәллегендә күрһәтте лә: – Әгәр алдыма йөҙтүбән ятып миңә табынһаң, быларҙың барыһын да Һиңә бирәм, – тине. – Кит, Иблис, – тине Ғайса. – «Аллаң Раббыға табын һәм бары Уға ғына хеҙмәт ит», – тип яҙылған. Бынан һуң Иблис Ғайсаны ҡалдырып китеп барҙы. Фәрештәләр килеп Ғайсаға хеҙмәт итте. Яхъяның ҡулға алыныуы тураһында ишеткәс, Ғайса Галилеяға юлланды. Назаранан китеп, Ул Галилея күле буйындағы Зевулун һәм Нафтали ерҙәренә ҡараған Капернаум ҡалаһына барып урынлашты. Был иһә Ишағыяһ пәйғәмбәр аша әйтелгәндәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды: «Эй Зевулун ере, Нафтали ере, диңгеҙ юлы һәм Иордан аръяғындағы ерҙәр! Эй һин, сит ҡәүемдәр иле Галилея! Ҡараңғылыҡта йәшәгән халыҡ бөйөк бер яҡтылыҡты күрҙе. Үлем күләгәһендә йәшәгән кешеләр өсөн нур балҡыны». Шул ваҡыттан алып Ғайса: – Тәүбәгә килегеҙ, сөнки Күктәр Батшалығы яҡынлашты! – тип иғлан итеп йөрөй башланы. Галилея күле буйлап китеп барғанда Ғайса ау һалып йөрөгән ағалы-ҡустылы ике балыҡсыны – Петрус тип аталған Шимғон менән Әндриасты күрҙе. – Миңә эйәрегеҙ! Мин һеҙҙе кеше аулаусылар итермен, – тине Ғайса уларға. Ике туған шунда уҡ, ауҙарын ташлап, Уға эйәрҙе. Арыраҡ киткәс, Ғайса тағын ағалы-ҡустылы икәүҙе – Зәбәҙәйос улдары Яҡуп менән Яхъяны күрҙе. Улар аталары Зәбәҙәйос менән бергә кәмәлә ауҙарын ямайҙар ине. Ғайса уларҙы Үҙенә эйәрергә саҡырҙы. Туғандар шунда уҡ, кәмәләрен һәм аталарын ҡалдырып, Уның артынан эйәрҙе. Ғайса, ғибәҙәтханаларҙа өйрәтеп һәм Күктәр Батшалығы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп, халыҡты һәр төрлө ауырыу-зәхмәттәрҙән һауыҡтырып, бар Галилеяны йөрөп сыҡты. Уның тураһындағы хәбәр бөтә Сүриә буйлап таралды. Янына төрлө сирҙәрҙән, интектергес ауыртыныуҙарҙан яфаланған, ен эйәләшкән, илергән һәм фалиж һуҡҡан кешеләрҙе алып килделәр. Ғайса уларҙы һауыҡтырҙы. Уның артынан Галилеянан, Ун Ҡаланан, Йәрүсәлимдән, Йәһүҙиәнән һәм Иордан аръяғынан килгән ҙур халыҡ төркөмдәре эйәреп йөрөнө. Халыҡ төркөмөн күреп, Ғайса тауға менде. Ултырғас, Уның янына шәкерттәре килде. Ғайса уларға аң-белем бирә башланы: – Рухи яҡтан ярлылар бәхетле, сөнки Күктәр Батшалығы уларҙыҡы. Хәсрәтлеләр бәхетле, сөнки улар йыуаныс табыр. Баҫалҡылар бәхетле, сөнки улар ерҙе мираҫ итеп алыр. Дөрөҫлөккә сарсаған һәм асыҡҡандар бәхетле, сөнки улар туйыныр. Шәфҡәтлеләр бәхетле, сөнки уларға шәфҡәт күрһәтелер. Саф күңеллеләр бәхетле, сөнки улар Алланы күрер. Татыулыҡ урынлаштырыусылар бәхетле, сөнки улар Алла балалары тип аталыр. Дөрөҫлөк хаҡына эҙәрләнеүселәр бәхетле, сөнки Күктәр Батшалығы уларҙыҡы. Минең арҡала кешеләр һеҙҙе хурлағанда, эҙәрләгәндә һәм һеҙгә ҡаршы төрлө ялған һүҙ һөйләгәндә, һеҙ бәхетле. Шатланығыҙ һәм ҡыуанығыҙ, сөнки күктәрҙә әжерегеҙ ҙур буласаҡ. Һеҙгә тиклем йәшәгән пәйғәмбәрҙәрҙе лә шулай уҡ эҙәрләнеләр. Һеҙ – ерҙең тоҙо. Әгәр тоҙ үҙенең тәмен юғалтһа, уны ҡабат нисек тоҙло итерһегеҙ? Ул инде аяҡ аҫтына сығарып ташлауҙан башҡаға ярамаҫ. Һеҙ – донъя өсөн яҡтылыҡ. Тау башында төҙөлгән ҡаланы йәшереп булмай. Шулай уҡ, шәмде тоҡандырғас, бер кем дә уны һауыт аҫтына ҡуймай, киреһенсә, уны шәмдәлгә ултырталар һәм ул өйҙәгеләрҙең бөтәһе өсөн дә яҡтырта. Һеҙҙең яҡтылығығыҙ ҙа кешеләр алдында шулай балҡыһын, һәм шул мәлдә улар яҡшы ғәмәлдәрегеҙҙе күрер ҙә күктәге Атағыҙҙы данлар. Минең хаҡта, ҡанунда һәм пәйғәмбәрҙәрҙең китаптарында яҙылғандарҙы юҡҡа сығарырға килгән, тип уйламағыҙ. Мин юҡҡа сығарырға түгел, ғәмәлгә ашырырға килдем. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: күк менән ер юҡҡа сыҡһа ла, яҙылғандың барыһы ла ғәмәлгә ашмайынса, ҡанундың бәләкәй генә хәрефе лә, хәрефтең бер генә һыҙығы ла юҡҡа сыҡмаҫ. Шулай итеп, кем дә кем был бойороҡтарҙың бәләкәй генәһен дә ғәмәлдән сыҡҡан тип иғлан итеп, башҡаларҙы ла шуға өйрәтә, ул Күктәр Батшалығында иң түбән кеше тип аталыр. Ә уларҙы үтәп, башҡаларҙы ла үтәргә өйрәтеүсе иһә Күктәр Батшалығында бөйөк булып һаналыр. Һеҙгә шуны әйтәм: әгәр ҙә тәҡүә булыуығыҙ ҡанун белгестәренең һәм фарисейҙарҙың тәҡүәлегенән артығыраҡ булмаһа, Күктәр Батшалығына инмәйәсәкһегеҙ. Ата-бабаларығыҙға: «Кеше үлтермә! Кеше үлтереүсене хөкөм көтә», – тип әйтелгәнде ишеткәнегеҙ бар. Ә Мин һеҙгә әйтәм: туғанына асыу тотҡан кешене лә хөкөм көтә. Туғанына «мәғәнәһеҙ» тип әйтеүсе Юғары кәңәшмә алдында яуап тоторға, ә «ахмаҡ» тиеүсе йәһәннәм утына тарттырылырға тейеш. Шуға күрә, әгәр һин Аллаға бүләккә үҙ ҡорбаныңды алып килһәң һәм ҡорбан усағы алдында туғаныңдың һиңә ҡарата ниндәйҙер дәғүәһе барлығы иҫеңә төшһә, бүләгеңде шунда ҡалдыр ҙа тәүҙә ҡайтып туғаның менән яраш, унан һуң ғына кире килеп, бүләгеңде бир. Дәғүәсең менән хөкөм юлында уҡ килеш. Юғиһә ул һине хөкөмдарға алып барыр, ә хөкөмдар һаҡсыға тапшырыр һәм үҙеңде төрмәгә ябырҙар. Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: бурысыңды аҙаҡҡы тиненә тиклем түләп бөтөрмәйенсә, унан сыҡмаясаҡһың. «Зина ҡылма», – тип әйтелгәнде һеҙҙең ишеткәнегеҙ бар. Ә Мин һеҙгә әйтәм: ҡатын-ҡыҙға енси теләк менән ҡараған кеше күңелендә уның менән инде зина ҡылған була. Әгәр һине уң күҙең гонаһҡа ҡотортһа, уны соҡоп алып ташла! Бөтөн тәнең менән йәһәннәмгә ырғытылыуға ҡарағанда, бер ағзаңды юғалтыу һинең өсөн хәйерлерәк. Ә инде уң ҡулың гонаһҡа ҡотортһа, уны ҡырҡып алып ташла! Бөтөн тәнең менән йәһәннәмгә барыуға ҡарағанда, бер ағзаңды юғалтыу һинең өсөн хәйерлерәк. Шулай уҡ: «Берәйһе ҡатынын айыра икән, уға айырылышыу ҡағыҙы бирһен», – тип әйтелгәйне. Ә Мин һеҙгә әйтәм: әгәр ир кеше зина ҡылмаған ҡатыны менән айырылышһа, ул ҡатынын зина ҡылыуға этәрә. Айырылған ҡатынға өйләнгән кеше лә зина ҡыла. Ата-бабаларға: «Ялған ант бирмә! Раббы алдында биргән антыңды үтә», – тип әйтелгәнде лә һеҙҙең ишеткәнегеҙ бар. Ә Мин һеҙгә әйтәм: бөтөнләй ант итмә! Күк менән дә ант итмә, сөнки ул – Алланың тәхете, ер менән дә ант итмә, сөнки ул – Алла аяғын терәгән баҫҡыс, Йәрүсәлим менән дә ант итмә, сөнки ул – бөйөк Батшаның ҡалаһы. Башың менән дә ант итмә, сөнки сәсеңдең бер бөртөгөн генә лә үҙең ағарта йәки ҡарайта алмайһың. Һеҙҙең «эйе» тигән һүҙегеҙ – «эйе», «юҡ» тигәнегеҙ «юҡ» булһын. Шунан артығы – Иблистән. Һеҙҙең «Күҙ өсөн – күҙ, теш өсөн – теш» тигәнде ишеткәнегеҙ бар. Ә Мин һеҙгә әйтәм: үҙеңә яуызлыҡ ҡылған кешегә ҡаршылыҡ күрһәтмә. Әгәр кемдер уң яңағыңа һуҡһа, һул яңағыңды ла ҡуй. Берәйһе һине хөкөмгә тарттырып, күлдәгеңде алырға теләһә, уға өҫкө кейемеңде лә бир. Берәйһе һине бер ара ер үтергә мәжбүр итһә, уның менән ике ара үт. Һинән нимәлер һорайҙар икән, бир, бурысҡа алырға теләүсене лә буш итмә. «Яҡыныңды ярат, дошманыңа нәфрәтле бул!» – тип әйтелгәнде ишеткәнегеҙ бар. Ә Мин һеҙгә әйтәм: дошмандарығыҙҙы яратығыҙ һәм үҙегеҙҙе эҙәрләгән кешеләр өсөн доға ҡылығыҙ. Шулай эшләп, һеҙ күктәге Атағыҙҙың балалары булыуығыҙҙы күрһәтәһегеҙ, сөнки Алла Үҙенең ҡояшын яуыздар өсөн дә, яҡшылар өсөн дә ҡалҡыта; ямғырын тәҡүә кешеләргә лә, тәҡүә булмағандарға ла яуҙыра. Әгәр һеҙ үҙегеҙҙе яратҡандарҙы ғына яратһағыҙ, ул саҡта Алла һеҙгә ни өсөн әжер бирер? Һалым йыйыусылар ҙа шулай эшләмәйме ни? Әгәр һеҙ дуҫтарығыҙҙы ғына сәләмләһәгеҙ, бының иҫ китерлек нимәһе бар? Мәжүсиҙәр ҙә шулай эшләмәйме ни? Шуға күрә, күктәге Атағыҙ камил булған кеүек, һеҙ ҙә камил булығыҙ. Хаҡ эштәрегеҙҙе кешеләргә күрһәтеү маҡсатында башҡарыуҙан һаҡланығыҙ. Юғиһә күктәге Атағыҙҙан һеҙгә әжер булмаҫ. Шуға күрә, саҙаҡа биргәндә, ул хаҡта боғаҙ ярып ҡысҡырма. Кешеләр маҡтау яуҙырһын тип, ғибәҙәтханаларҙа һәм урамдарҙа ике йөҙлөләр шулай итә. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙҙәренең әжерен алды инде. Әгәр ҙә хәйер бирәһең икән, уң ҡулыңдың нимә эшләгәнен һул ҡулың белмәһен. Хәйерең йәшерен бирелһен. Шул мәлдә йәшерен ҡылынған һәммә эште күреп торған Атаң һиңә әжереңде бирер. Доға ҡылғанда ике йөҙлө әҙәмдәр һымаҡ булмағыҙ. Улар, кешеләр күрһен тип, ғибәҙәтханаларҙа һәм урам саттарында баҫып доға ҡылырға ярата. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙҙәренең әжерен алды инде. Ә һин, доға ҡылғанда, бүлмәңә инеп ишегеңде яп та күҙгә күренмәҫ Атаңа доға ҡыл. Шул мәлдә йәшерен ҡылынған һәммә эште күреп торған Атаң һиңә әжереңде бирер. Доға ҡылғанда мәжүсиҙәр кеүек буш һүҙ һөйләмәгеҙ. Улар, күберәк һөйләһәк, илаһтарыбыҙ беҙҙе ишетер, тип уйлай. Улар һымаҡ булмағыҙ. Һеҙ һорамаҫ борон уҡ Атағыҙ һеҙҙең нимәгә мохтаж икәнлегегеҙҙе белеп тора. Һеҙ ошолай тип доға ҡылығыҙ: Күктәге Атабыҙ! Исемең мөҡәддәс булып танылһын. Һинең Батшалығың килһен. Күктәге кеүек, ерҙә лә Һинең ихтыярың үтәлһен. Көндәлек икмәгебеҙҙе беҙгә бөгөн бир. Беҙ үҙебеҙгә яҙыҡ эш ҡылғандарҙы ғәфү иткән кеүек, Һин дә беҙҙең яҙыҡ эштәребеҙҙе ярлыҡа. Беҙҙе һынауға дусар итмә, ә Иблистән һаҡла. Һеҙ кешеләрҙең насар ғәмәлдәрен ғәфү итһәгеҙ, күктәге Атағыҙ һеҙҙекен дә ярлыҡар. Әммә башҡаларҙың насар ғәмәлдәрен ғәфү итмәһәгеҙ инде, күктәге Атағыҙ һеҙҙекен дә ярлыҡамаҫ. Ураҙа тотҡанда ике йөҙлөләр кеүек ҡараңғы сырайлы булмағыҙ. Ураҙа тотҡандарын кешеләр күрһен тип, улар шулай моңһоу йөҙ менән йөрөй. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙҙәренең әжерен алды инде. Ә һин ураҙа тотҡанда сәсеңде майла һәм битеңде йыу. Шунда һинең ураҙа тотоуыңды кешеләр түгел, ә күҙгә күренмәҫ Атаң күрер. Йәшерен булғанды ла күргән Атаң һиңә әжереңде бирер. Был донъяла үҙегеҙгә байлыҡ йыймағыҙ. Бында уны көйә ҡырҡа, тут баҫа, ҡараҡтар төшөп урлай. Һеҙ хазинаны күктә йыйығыҙ: унда көйә лә ҡырҡмай, тут та баҫмай, ҡараҡтар ҙа төшөп урламай. Хазинаң ҡайҙа була, күңелең дә шунда була бит. Тәндең яҡтыртҡысы – күҙ. Күҙең һау булһа, бөтә тәнең нурлы булыр. Ә инде күҙең зәғиф булһа, бөтөн тәнең ҡараңғыла булыр. Әгәр һиндәге яҡтылыҡ – ҡараңғылыҡ икән, ул ҡараңғылыҡ ни тиклем ҡуйы! Бер кем дә ике хужаға хеҙмәт итә алмай: ул йә береһенә нәфрәт тотор, икенсеһен яратыр; йә береһенә тоғро булыр, икенсеһен һанға һуҡмаҫ. Аллаға ла, байлыҡҡа ла бер юлы хеҙмәт итә алмаҫһығыҙ. Шуға күрә, Мин һеҙгә әйтәм: нимә ашарбыҙ, нимә эсербеҙ, тип – йәнегеҙ; нимә кейербеҙ, тип тәнегеҙ өсөн борсолмағыҙ. Йән – ризыҡтан, тән кейемдән мөһимерәк түгелме ни? Ҡоштарға ҡарағыҙ: улар сәсмәй ҙә, урмай ҙа, бураларға ашлыҡ та һалмай, шулай ҙа уларҙы күктәге Атағыҙ туйындыра. Һеҙ ҡоштарҙан ҡәҙерлерәк түгелме ни? Арағыҙҙан кем, борсолоп, үҙ ғүмерен бер сәғәткә булһа ла оҙонайта ала? Ниңә кейем тип ҡайғыраһығыҙ? Яландағы ләләләрҙең нисек үҫкәнен ҡарағыҙ: улар эшләмәй ҙә, еп тә иләмәй. Әммә һеҙгә шуны әйтәм: хатта ни тиклем данлы Сөләймән батша ла ул дәрәжәлә затлы кейенмәгән. Әгәр Алла бөгөн яланда үҫеп ултырған, ә иртәгә мейескә ташланасаҡ үләнде шулай кейендерә икән, һеҙҙе нисек кейендермәһен ти инде, эй иманы аҙҙар? Шулай булғас, нимә ашарбыҙ, нимә эсербеҙ, нимә кейербеҙ, тип хафаланмағыҙ. Был хаҡта мәжүсиҙәр баш ҡатыра. Ә күктәге Атағыҙ быларҙың барыһына ла мохтаж икәнегеҙҙе белә. Иң тәүҙә Алла Батшалығын эҙләгеҙ һәм Уның хаҡ ихтыяры үтәлеүенә ынтылығыҙ, шул саҡта һеҙгә быларҙың барыһы ла бирелер. Шулай булғас, иртәгә өсөн борсолмағыҙ. Иртәгәһе көн үҙе хаҡында үҙе ҡайғыртыр. Һәр көндөң үҙ мәшәҡәте үҙенә етерлек. Хөкөм итмәгеҙ, үҙегеҙ ҙә хөкөм ителмәҫһегеҙ, сөнки хөкөм итһәгеҙ, һеҙҙе лә шулай хөкөм итерҙәр; ниндәй үлсәм менән үлсәһәгеҙ, һеҙгә лә шундай үлсәм менән үлсәп бирелер. Нисек һин туғаныңдың күҙендәге сүпте күрәһең, ә үҙ күҙеңдәге бүрәнәне тоймайһың? Үҙ күҙеңдә бүрәнә булғанда, туғаныңа: «Күҙеңдәге сүпте алайым әле», – тип нисек әйтә алаһың? Эй, ике йөҙлө! Тәүҙә үҙ күҙеңдәге бүрәнәне сығар, унан һуң асыҡ күрерһең һәм туғаныңдың күҙендәге сүпте ала алырһың. Изге нәмәне эттәргә бирмәгеҙ: улар боролоп үҙегеҙҙе ботарлар. Ынйыларығыҙҙы сусҡалар алдына һипмәгеҙ: уларҙы аяҡтары менән тапап бөтөрҙәр. Һорағыҙ – һеҙгә бирелер; эҙләгеҙ – табырһығыҙ; шаҡығыҙ – һеҙгә асырҙар. Сөнки һәр һораған кеше ала, эҙләгән таба һәм шаҡығанға асалар. Арағыҙҙан кемегеҙ икмәк һораған улына таш тотторор? Йәки ул балыҡ һорағанда, ҡайһығыҙ йылан бирер? Шулай булғас, һеҙ үҙегеҙ яман була тороп та, балаларығыҙға яҡшылыҡ өләшә беләһегеҙ икән, күктәге Атағыҙ Үҙенән һорағандарға яҡшы нәмәләрҙе һис шикһеҙ бирәсәк. Бүтәндәрҙең һеҙгә нимә эшләүен теләһәгеҙ, үҙегеҙ ҙә уларға шуны эшләгеҙ. Ҡанундың һәм пәйғәмбәрҙәр яҙмаларының асылы шул. Тар ҡапҡанан инегеҙ! Һәләкәткә алып барған ҡапҡа киң һәм юлы иркен. Күптәр шул ҡапҡанан инә лә инде. Ә тормош ҡапҡаһы тар һәм унда илтеүсе юл ҡыҫынҡы. Уны аҙҙар ғына таба. Ялған пәйғәмбәрҙәрҙән һаҡланығыҙ: улар янығыҙға һарыҡ тиреһе ябынып килер, ә асылда йыртҡыс бүреләр улар. Һеҙ уларҙы ҡылған ғәмәлдәренә ҡарап танырһығыҙ. Сәнскәктән – йөҙөм, билсәндән инжир йыялармы ни? Бына шулай, яҡшы ағас яҡшы емеш бирә, ә насар ағас насар емеш бирә. Яҡшы ағас насар емеш бирмәй, насар ағас яҡшы емеш бирмәй. Яҡшы емеш бирмәй торған һәр ағасты ҡырҡып утҡа ташлайҙар. Шулай итеп, ялған пәйғәмбәрҙәрҙе ҡылған ғәмәлдәренә ҡарап танырһығыҙ. Күктәр Батшалығына Миңә: «Хакимым! Раббым!» – тип әйткән һәр кем түгел, ә күктәге Атамдың ихтыярын үтәгән кеше генә инәсәк. Ҡиәмәт көнөндә Миңә күптәр: «Хакимым! Раббым! Беҙ Һинең исемеңдән пәйғәмбәрлек итмәнекме ни? Һинең исемеңде әйтеп ендәрҙе ҡыуып сығарманыҡмы ни? Һинең исемең менән ҡөҙрәтле күп эштәр ҡылманыҡмы ни?» – тип әйтерҙәр. Ана шул ваҡытта Мин уларға: «Мин һеҙҙе бер ҡасан да белмәнем, китегеҙ янымдан, яуызлыҡ ҡылыусылар!» – тиермен. Шуға күрә был һүҙҙәремде ишетеп, уларҙы үтәгән һәр кем үҙенең йортон таш өҫтөндә төҙөгән аҡыллы кешегә оҡшар. Ямғыр яуып, йылғалар ташып, көслө елдәр иҫеп, шул йортҡа ябырылған, әммә ул емерелмәгән. Сөнки ул йорт таш нигеҙ өҫтөнә һалынған булған. Ә инде был һүҙҙәремде ишетеп тә, уларҙы үтәмәгән һәр кем үҙенең йортон ҡом өҫтөнә төҙөгән аҡылһыҙ кешегә оҡшар. Ямғыр яуып, йылғалар ташып, көслө елдәр иҫеп, шул йортҡа ябырылған. Ул йорт ауған һәм тулыһынса емерелгән. Ғайса һүҙен тамамлағас, халыҡ Уның өйрәткәндәренә хайран ҡалды, сөнки Ул ҡанун белгестәре һымаҡ түгел, ә хакимлыҡҡа эйә булған кеше кеүек һөйләне. Ғайса тауҙан төшкәс, артынан күмәк халыҡ эйәрҙе. Бына Уның янына махау сирле кеше килде лә алдына тубыҡланып: – Әфәндем! Әгәр теләһәң, мине таҙарта алаһың бит, – тине. Ғайса ҡулын һуҙып уға ҡағылды ла: – Эйе, теләйем, таҙарын! – тине. Был кеше шунда уҡ махауҙан таҙарынды. Ғайса уны: – Ҡара уны, был турала бер кемгә лә һөйләмә! – тип киҫәтте. – Әммә ҡаһинға барып күрен дә, Муса ҡушҡанса, ҡорбан килтер. Был кешеләргә һауығыуыңды раҫлау билдәһе булыр. Ғайса Капернаумға барғас, Уға бер йөҙ башы ярҙам һорап килде. – Әфәндем! – тине ул. – Хеҙмәтсемде фалиж һуҡты, әле минең өйөмдә ята, бик ныҡ интегә. – Ярар, барып уны һауыҡтырырмын, – тине Ғайса. – Әфәндем! Мин Һине үҙ өйөмдә ҡабул итергә лайыҡ түгелмен, – тип яуап бирҙе Уға йөҙ башы. – Бер һүҙ генә әйт – хеҙмәтсем һауығыр. Мин бит үҙем дә башҡа берәүгә буйһонам, үҙемдең дә ҡул аҫтымда ғәскәриҙәр бар. Уларҙың берәйһенә «кит» тиһәм, китә, икенсеһенә «кил» тиһәм, килә. Хеҙмәтсемә «ошоно эшлә» тиһәм, эшләй. Быны ишетеп, Ғайса бик ғәжәпләнде. Артынан эйәреп килгән кешеләргә: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең Исраил халҡы араһында был тиклем көслө иманға эйә булған берәүҙе лә осратҡаным юҡ. Әммә һеҙгә шуны әйтәм: көнсығыштан һәм көнбайыштан күптәр килер, улар Күктәр Батшалығында Ибраһим, Исхаҡ һәм Яҡуп менән бергә табын артында ултырыр. Ә Батшалыҡҡа эйә булырға тейеш кешеләр тышҡа, ҡараңғылыҡҡа ҡыуылыр, унда илау һәм теш шығырҙатыу булыр, – тине. Йөҙ башына Ғайса: – Бар, ҡайт, ышаныуыңа күрә булһын, – тине. Хеҙмәтсе шул сәғәттә үк һауыҡты. Ғайса, Петрустың өйөнә килгәс, уның ҡәйнәһенең бөтөн тәне янып ауырып ятҡанын күрҙе. Ғайса уның ҡулына тейеү менән, тәненең яныуы туҡтаны. Ҡатын, тороп, Ғайсаға табын әҙерләй башланы. Ә инде кискеһен Ғайса янына ен эйәләшкән күп кешеләрҙе алып килделәр. Ул Үҙенең һүҙе менән яуыз рухтарҙы ҡыуып сығарҙы һәм бөтә сирлеләрҙе һауыҡтырҙы. Был – Ишағыяһ пәйғәмбәр аша: «Ул беҙҙең ауырыуҙарыбыҙҙы өҫтөнә алды һәм сирҙәребеҙҙе Үҙенә йөкмәне», – тип әйтелгәндәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды. Ғайса, эргә-тирәһенә йыйылған күмәк халыҡты күреп, шәкерттәренә күлдең теге ярына сығырға ҡушты. Шул саҡ Уның янына бер ҡанун белгесе килеп: – Остаз, ҡайҙа ғына йөрөһәң дә, мин Һинең артыңдан барырмын, – тине. – Төлкөләрҙең – өңдәре, ҡоштарҙың оялары бар, ә Әҙәм Улының башын терәр урыны юҡ, – тип яуап бирҙе Ғайса. Ә икенсе берәү, шәкерттәренең береһе: – Хакимым! Тәүҙә өйөмә ҡайтып, атайымды ерләп килергә рөхсәт ит, – тине. Ләкин Ғайса: – Миңә эйәр! Үлеләр үҙ үлеләрен үҙҙәре ерләһен, – тип яуапланы. Ғайса кәмәгә инеп ултырҙы. Уның артынан шәкерттәре лә урын алды. Ҡапыл күл өҫтөндә көслө дауыл ҡупты. Тулҡындар килеп бәрелеп, кәмә эсенә һыу тулды. Был мәлдә Ғайса йоҡлай ине. Шәкерттәре Уны уятып: – Хакимыбыҙ! Ҡотҡар, батабыҙ бит! – тип ҡысҡырҙылар. – Эй, иманы аҙҙар, ниңә улай ҡотоғоҙ осто? – тине Ғайса уларға. Ул тороп елде лә, күлде лә тыйҙы. Тәрән тынлыҡ урынлашты. Барыһы ла хайран ҡалып: – Кем һуң Ул? Ел дә, тулҡындар ҙа Уға буйһона! – тиеште. Ғайса арғы яҡ ярҙағы Гадара еренә килгәс, ен эйәләшкән ике кеше ҡәбер мәмерйәләренән Уға ҡаршы килеп сыҡты. Улар шул тиклем ҡоторған булғанлыҡтан, был юлдан һис кем үтә алмаған. – Эй Алла Улы, Һиңә беҙҙән нимә кәрәк? Бында беҙҙе ваҡытынан алда яфаларға килдеңме? – тип ҡысҡырҙы улар. Ә алыҫ түгел ерҙә ҙур сусҡа көтөүе утлап йөрөй ине. Ендәр: – Беҙҙе бынан ҡыуып сығарһаң, сусҡа көтөүенә ебәр, – тип ялбарҙы. – Барығыҙ, – тине Ғайса уларға. Ендәр, кешеләрҙән сығып, сусҡалар эсенә барып инделәр. Бөтә көтөү сабып китеп текә ярҙан күлгә ташланды ла һыуға батып үлде. Сусҡа ҡараусылар иһә ҡалаға йүгерҙеләр һәм унда, ен эйәләшкән кешеләр менән ни булғанын да ҡушып, барыһын да һөйләп бирҙеләр. Бөтә ҡала халҡы Ғайсаны ҡаршыларға сыҡты. Уны күргәс, үҙҙәренең ерҙәренән китеүен ялбарҙылар. Ғайса, кәмәгә ултырып, күл аша сыҡты ла, Үҙе йәшәгән ҡалаға килде. Бына бер нисә кеше фалиж һуҡҡан берәүҙе, ятҡан түшәге менән күтәреп, Уға килтерҙе. Ғайса, уларҙың ышаныуҙарын күреп, ауырыуға: – Ныҡ бул, улым! Һинең гонаһтарың ғәфү ителде! – тине. Шунда ҡайһы бер ҡанун белгестәре эстән генә: «Был Кеше көфөр һүҙ һөйләй!» – тип уйланы. Уларҙың нимә уйлағанын белгән Ғайса: – Ниңә һеҙ шулай насар уйлайһығыҙ? – тип һораны. – Нимә тип әйтеү еңелерәк: «Гонаһтарың ғәфү ителде», – типме, әллә «Тор ҙа атлап кит», – типме? Ләкин шуны белегеҙ: Әҙәм Улының ерҙә гонаһтарҙы ярлыҡарға хакимлығы бар. – Шунан Ул фалиж һуҡҡан кешегә өндәште: – Тор, түшәгеңде ал да өйөңә ҡайт! Теге торҙо ла ҡайтып китте. Быны күргән халыҡ ҡурҡыуға ҡалды һәм кешеләргә ошондай вәкәләт биргән Алланы данланы. Бынан китеп барған Ғайса, һалым йыйыу урынында ултырған берәүҙе күреп ҡалды. Был кешенең исеме Маҫҫайос ине. Ғайса уға: – Миңә эйәр, – тине. Маҫҫайос торҙо ла Уның артынан эйәрҙе. Ғайса уның өйөнә ашҡа килгәс, күп кенә һалым йыйыусылар, башҡа гонаһлылар йыйылып, Ғайса һәм Уның шәкерттәре менән бер табында ултырҙылар. Быны күргән фарисейҙар шәкерттәрҙән: – Ни өсөн һеҙҙең Остазығыҙ һалым йыйыусылар һәм башҡа гонаһлылар менән бергә ашап ултыра? – тип һораны. Ғайса, быны ишетеп, уларға: – Табип сәләмәт кешеләргә түгел, ә ауырыуҙарға кәрәк. Барығыҙ, «Мин ҡорбан түгел, мәрхәмәт теләйем», – тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңларға тырышығыҙ. Мин бит тәҡүә кешеләрҙе түгел, гонаһлыларҙы саҡырырға килдем, – тине. Шунан һуң Яхъяның шәкерттәре килеп Ғайсанан: – Ни өсөн беҙ һәм фарисейҙар ураҙаны йыш тотабыҙ, ә Һинең шәкерттәрең ураҙа тотмай? – тип һораны. Ғайса уларға былай тип яуап бирҙе: – Кейәү яндарында булғанда, туйҙағы ҡунаҡтар ҡайғырамы ни? Әммә килер бер көн: кейәү яндарынан алыныр, һәм шул ваҡытта улар ураҙа тотасаҡ. Бер кем дә иҫке кейемгә яңы туҡыманан ямау һалмай, сөнки ул ямаулыҡ, ултырып, кейемде йыртып ебәрер ҙә, тишек тағы ла нығыраҡ ҙурайыр. Шуның һымаҡ, яңы шарапты иҫке турһыҡҡа һалмайҙар. Юғиһә, иҫке турһыҡ йыртылыр ҙа, шарап ағып бөтөр, турһыҡ та әрәм булыр. Яңы шарапты яңы турһыҡтарға тултыралар. Шул ваҡытта шарап та, турһыҡ та һаҡланып ҡалыр. Ғайса шулай һөйләп торғанда, Уның янына урындағы башлыҡтарҙың береһе килде. Ул Ғайсаның алдына килеп тубыҡланды: – Әле генә ҡыҙым үлеп ҡалды. Ә Һин, янына барып, өҫтөнә ҡулдарыңды ҡуйһаң, ул терелеп китер. Ғайса торҙо ла шәкерттәре менән бергә был кешенең артынан китте. Шул мәлдә ун ике йыл буйы ҡан китеүҙән интеккән бер ҡатын, Ғайсаның артынан килеп, Уның кейеменең салғыйына ҡағылды. Ул эстән генә: «Кейеменә бер ҡағылһам, һауығырмын», – тип уйлағайны. Ғайса артына боролдо. Ҡатынды күреп: – Ҡыйыу бул, ҡыҙым! Ышаныуың һине һауыҡтырҙы, – тине. Ҡатын шунда уҡ сәләмәтләнде. Башлыҡтың өйөнә ингәс, Ғайса матәм көйө уйнаусыларҙы һәм ығы-зығы килгән халыҡ төркөмөн күрҙе. – Бынан сығығыҙ! – тине Ул. – Ҡыҙыҡай үлмәгән, ул йоҡлай ғына. Унан көлөргә тотондолар. Кешеләр өйҙән сығарылғас, Ғайса бүлмәгә инеп ҡыҙҙың ҡулынан тотҡайны, ҡыҙ урынынан торҙо. Был хәбәр бөтә тирә-яҡҡа таралды. Бынан киткән саҡта Ғайсаның артынан: – Дауыт Улы, беҙҙе йәллә инде! – тип ҡысҡырып, ике һуҡыр эйәрҙе. Ғайса өйгә ингәс, һуҡырҙар Уның янына килде. – Һеҙҙе һауыҡтыра аласағыма ышанаһығыҙмы? – тип һораны Ғайса. – Эйе, Әфәндем! – тип яуап бирҙе тегеләр. Ғайса уларҙың күҙҙәренә ҡағылды ла: – Ышаныуығыҙға күрә булһын, – тине. Шунда уларҙың күҙҙәре асылды. Ғайса уларҙы: – Ҡарағыҙ уны, был хаҡта һис кем белмәһен, – тип ҡаты киҫәтеп ҡуйҙы. Улар иһә сығыу менән Ғайса тураһында бар тирә-яҡта һөйләп йөрөй башланы. Улар киткәндән һуң Ғайса янына ен эйәләшкән телһеҙ кешене алып килделәр. Ғайса енде ҡыуып сығарғас, был кешенең теле асылды. Халыҡ быға хайран ҡалып: – Исраилда бындай хәлдең бер ҡасан да булғаны юҡ ине, – тине. Ләкин фарисейҙар: – Ул ендәрҙе ендәр башлығының көсө менән ҡыуып сығара, – тип һөйләнә башланы. Ғайса, бөтә ҡалалар һәм ауылдар буйлап йөрөп, ғибәҙәтханаларҙа өйрәтеп, Күктәр Батшалығы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләне, кешеләрҙе һәр төрлө ауырыу-зәхмәттәрҙән һауыҡтырҙы. Ғайса, күмәк халыҡты күреп, уларҙы бик йәлләне, сөнки улар көтөүсеһеҙ ҡалған һарыҡтар һымаҡ йонсоу һәм ярҙамға мохтаж ине. Шул саҡ Ғайса шәкерттәренә: – Ура торған ашлыҡ күп, ә ураҡсылар аҙ. Шуға күрә ашлыҡтың Хужаһына ялбарығыҙ: Үҙенең уңышын урып алырға эшселәр ебәрһен, – тине. Ғайса, Үҙенең ун ике шәкертен янына саҡырып, уларға кешеләрҙең эсенән яуыз рухтарҙы ҡыуып сығарыу, бөтә сир һәм сырхауҙарҙан һауыҡтырыу вәкәләтен бирҙе. Бына ул ун ике илсенең исеме: беренсеһе – Петрус тип тә аталған Шимғон һәм уның ҡустыһы Әндриас, Зәбәҙәйос улы Яҡуп һәм уның ҡустыһы Яхъя, Филиппус һәм Барҫоломай, Томас һәм һалым йыйыусы Маҫҫайос, Алфай улы Яҡуп, Таддай, Көрәшсе Шимғон һәм Ғайсаға аҙаҡ хыянат итәсәк Йәһүҙә Искариот. Ғайса ошо ун ике илсене нәсихәт биреп юлға оҙатты: – Башҡа ҡәүемдәргә бармағыҙ һәм Самария ҡалаларына инмәгеҙ. Бының урынына Исраил халҡының аҙашҡан һарыҡтарына барығыҙ. Барған ерҙәрегеҙҙә: «Күктәр Батшалығы яҡынлашты!» – тип иғлан итегеҙ. Ауырыуҙарҙы һауыҡтырығыҙ, үлгәндәрҙе терелтегеҙ, махаулыларҙы таҙарындырығыҙ, ендәрҙе ҡыуып сығарығыҙ. Бушлай алдығыҙ – бушлай бирегеҙ. Билбауығыҙға алтын да, көмөш тә, баҡыр аҡса ла төйнәмәгеҙ. Сәфәргә үҙегеҙ менән биштәр ҙә, алмаш күлдәк тә, аяҡ кейеме лә, юл таяғы ла алмағыҙ – эшләгән кешенең тейешле ризығын алырға хаҡы бар. Ниндәй ҡалаға йәки ауылға барһағыҙ ҙа, унда һеҙҙе ҡабул итергә лайыҡлы кешене табығыҙ. Киткәнгә тиклем шуның өйөндә ҡалығыҙ. Өйгә ингәндә, унда йәшәүселәргә именлек теләгеҙ. Әгәр өйҙәгеләр быға лайыҡлы булһа, һеҙ теләгән именлек улар менән ҡалһын, лайыҡһыҙ икән, именлегегеҙ үҙегеҙгә кире әйләнеп ҡайтһын. Ә берәй йорт йәки ҡала һеҙҙе ҡабул итмәһә, һүҙҙәрегеҙгә ҡолаҡ һалмаһа, унан киткәндә аяҡтарығыҙҙағы туҙанды ҡағып төшөрөгөҙ. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ҡиәмәт көнөндә Содом менән Ғамораның хәле ул ҡаланың хәленән еңелерәк булыр. Бына Мин һеҙҙе бүреләр араһына һарыҡтар кеүек ебәрәм. Шуға күрә, йылан һымаҡ зирәк һәм күгәрсендәй эскерһеҙ булығыҙ. Кешеләрҙән һаҡланығыҙ. Улар һеҙҙе хөкөмгә тапшырыр һәм ғибәҙәтханаларҙа ҡамсылар. Минең арҡала һеҙҙе идарасылар, батшалар алдына алып барырҙар. Был уларға һәм башҡа ҡәүемдәргә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылыуығыҙ өсөн эшләнер. Хөкөмгә алып килгән саҡтарында, нимә һәм нисек һөйләргә, тип борсолмағыҙ: һеҙгә шул мәлдә нимә әйтергә кәрәклеге белдерелер. Сөнки әйткән һүҙҙәрегеҙ һеҙҙеке булмаҫ, ә һеҙҙең аша Атағыҙҙың Рухы һөйләр. Туған – туғанын, ата балаһын үлемгә тапшырыр. Балалар, ата-әсәләренә ҡаршы сығып, уларға үлем килтерер. Минең арҡала бөтәһе лә һеҙгә нәфрәт менән ҡарар. Ләкин аҙаҡҡа тиклем сыҙаған кеше ҡотоласаҡ. Бер ҡалала эҙәрләһәләр, башҡаһына ҡасығыҙ. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙ Исраилдың бөтә ҡалаларын әйләнеп сығып та өлгөрмәҫһегеҙ, Әҙәм Улы килер. Шәкерт – үҙенең остазынан, хеҙмәтсе хужаһынан өҫтөн булмай. Шәкерт – остазы кеүек, ә хеҙмәтсе хужаһы кеүек булһа, шул етә. Йорт хужаһын Бәғел-Зевул тип атағандар икән, өйҙәгеләрҙе инде бигерәк тә шулай тип атарҙар. Шуға күрә ундай кешеләрҙән ҡурҡмағыҙ! Асылмайса ҡалыр йәшерен нәмә һәм беленмәйсә ҡалыр һис бер сер юҡ. Мин һеҙгә ҡараңғыла һөйләгәндәрҙе көн яҡтыһында һөйләгеҙ, ҡолағығыҙға шыбырлап әйткәнде ҡыйыҡтарҙан иғлан итегеҙ. Тәнде үлтереп тә, йәнде үлтерә алмағандарҙан ҡурҡмағыҙ. Йәһәннәмдә тәнде лә, йәнде лә һәләк итә алған Алланан ҡурҡығыҙ! Ике турғай бер баҡыр тәңкәгә һатыла түгелме ни? Ләкин Атағыҙҙың рөхсәтенән башҡа уларҙың береһе лә ергә ҡолап төшмәҫ. Ә һеҙҙең хатта башығыҙҙағы һәр бер сәс бөртөгө лә һанаулы. Шуға күрә ҡурҡмағыҙ: һеҙ бик күп турғайҙарға ҡарағанда ҡәҙерлерәкһегеҙ. Шулай итеп, Мине кешеләр алдында ҡабул иткән һәр кемде Мин дә күктәге Атам алдында ҡабул итермен. Ә инде кем кешеләр алдында Минән ваз кисә, Мин дә күктәге Атам алдында унан ваз кисермен. Мине ергә тыныслыҡ килтерергә килде тип уйламағыҙ. Мин тыныслыҡ түгел, ә ҡылыс килтерергә тип килдем. Улы менән атаһын, ҡыҙы менән әсәһен, килене менән ҡәйнәһен айырырға тип килдем. Кеше өсөн үҙ өйөндәгеләре дошман булыр. Кем атаһын йәки әсәһен Миңә ҡарағанда нығыраҡ ярата, шул Миңә лайыҡ түгел. Кем улын йәки ҡыҙын Миңә ҡарағанда нығыраҡ ярата, шул Миңә лайыҡ түгел. Үҙенең арҡысағын күтәреп, Миңә эйәреп бармаған кеше Миңә лайыҡ түгел. Йәнен үҙе өсөн һаҡлап ҡалырға тырышыусы уны юғалтыр; әммә Минең хаҡыма йәнен юғалтҡан уны алып ҡалыр. Һеҙҙе ҡабул иткән кеше Мине ҡабул итә. Ә Мине ҡабул иткән Мине Ебәргәнде ҡабул итә. Пәйғәмбәрҙе пәйғәмбәр булғаны өсөн ҡабул иткән кеше пәйғәмбәргә лайыҡ әжер алыр. Тәҡүә кешене тәҡүә булғаны өсөн ҡабул итеүсе тәҡүә кешегә лайыҡ әжер алыр. Кем шәкерттәремдең иң кесеһенә ул Минең шәкертем булған өсөн бер сеүәтә һалҡын һыу эсерә, һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ул үҙ әжеренән мәхрүм ҡалмаясаҡ. Ғайса ун ике шәкертенә нәсихәтен биргәндән һуң, башҡа ҡалаларҙа өйрәтеп һәм вәғәзләп йөрөү ниәте менән, юлын дауам итте. – Барығыҙ, ишеткән һәм күргәндәрегеҙҙе Яхъяға ҡайтып һөйләгеҙ: һуҡырҙар йәнә күрә, аҡһаҡтар йөрөй, махаулылар таҙарына, һаңғырауҙар ишетә, үлгәндәр терелеп тора һәм фәҡирҙәргә Һөйөнөслө Хәбәр иғлан ителә. Кем Мине кире ҡаҡмай, шул бәхетле, – тип яуапланы уларға Ғайса. Яхъяның шәкерттәре киткәс, Ғайса халыҡҡа Яхъя тураһында һөйләй башланы: – Һеҙ сүлгә нимә ҡарарға барҙығыҙ? Елгә тирбәлеп ултырған ҡамыштымы? Юҡ? Улай булғас, нимә күрергә теләнегеҙ һуң? Ҡупшы кейем кейгән кешенеме әллә? Ә бит ҡупшы кейем кейгәндәр батша һарайҙарында йәшәй. Улайһа, нимә ҡарарға барҙығыҙ? Пәйғәмбәрҙеме? Эйе! Мин һеҙгә әйтәм: Яхъя пәйғәмбәрҙән дә бөйөгөрәк. Уның тураһында Изге Яҙмала: «Бына, Мин Һинең алдыңдан хәбәрсемде ебәрәм, Ул Һинең алдыңдан юл әҙерләр», – тип яҙылған. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ҡасан да булһа тыуған кешеләр араһында Сумдырыусы Яхъянан бөйөгөрәк һис кем юҡ. Әммә Күктәр Батшалығында иң кесе тип һаналғаны ла унан бөйөгөрәк. Сумдырыусы Яхъя вәғәзләгән көндәрҙән алып бөгөнгәсә ҡайһы берәүҙәр Күктәр Батшалығына аяуһыҙ һөжүм итәләр һәм уны яулап алырға тырышалар. Яхъя килгәнгә тиклем үк бөтә пәйғәмбәрҙәр ҙә, ҡанун да буласаҡ ваҡиғалар тураһында алдан белдерҙе. Әгәр ҡабул итергә теләйһегеҙ икән, белегеҙ: ул – килергә тейеш булған Ильяс. Ҡолаҡтары барҙар ишетһен! Яхъя килде, икмәк тә ашамай, шарап та эсмәй, кешеләр иһә: «Уға ен эйәләшкән», – тиҙәр. Әҙәм Улы килде, һәр береһе кеүек ашай ҙа, эсә лә, ә улар: «Бына ҡарағыҙ, Ул ашамһаҡ, эскесе, һалым йыйыусылар менән гонаһ ҡылыусыларҙың дуҫы!» – ти. Әммә Алла аҡылының хаҡлығы ҡылған эштәренән күренә. Унан һуң Ғайса мөғжизәләренең күбеһе ҡылынған ҡалаларҙы тәүбәгә килмәгәндәре өсөн шелтәләй башланы: – Ҡайғы һиңә, Хоразин! Ҡайғы һиңә, Бейт-Сайда! Әгәр ҙә һеҙҙә ҡылынған мөғжизәләр Тир һәм Сидон ҡалаларында күрһәтелгән булһа, ундағы кешеләр күптән инде ҡыл туҡымаға уранып, баштарына көл һибеп тәүбәгә килерҙәр ине. Ләкин һеҙгә әйтәм: ҡиәмәт көнөндә Тир менән Сидондың хәле һеҙҙекенән еңелерәк булыр. Эй Капернаум, әллә һине күккә тиклем күтәрерҙәр тип уйлайһыңмы? Юҡ, үлеләр донъяһына тиклем түбән ырғытылырһың. Әгәр һиндә ҡылынған мөғжизәләр Содомда күрһәтелһә, ул хәҙерге көнгәсә торор ине. Ләкин һеҙгә әйтәм: ҡиәмәт көнөндә Содомдың хәле һинекенән еңелерәк булыр. Бынан һуң Ғайса: – Эй Атам, күк менән ерҙең Хужаһы! – тине. – Быларҙы зирәктәрҙән һәм аҡыл эйәләренән йәшереп, сабыйҙарға асып биргәнең өсөн Һиңә шөкөрана ҡылам! Эйе, Атам, был һинең игелекле ихтыярың ине! Атам барыһын да Миңә тапшырҙы. Улды Атанан башҡа һис кем белмәй, шулай уҡ Атаны ла Улынан һәм Улы Уның тураһында белдерергә теләгән кешенән башҡа һис кем белмәй. Эй хәлдән тайғандар, ауыр йөктән интеккәндәр, барығыҙ ҙа Миңә килегеҙ. Мин һеҙҙе тынысландырырмын. Минең ҡамытымды үҙегеҙгә кейегеҙ ҙә Минән өйрәнегеҙ, сөнки Мин – йыуаш һәм баҫалҡымын. Шул мәлдә йәнегеҙ тыныслыҡ табыр. Минең ҡамытым уңайлы, йөгөм еңел! Бер мәл, шәмбе көндө, Ғайса иген баҫыуҙары аша үтеп бара ине. Асыҡҡан шәкерттәре башаҡ өҙөп ашай башланы. Фарисейҙар быны күреп Ғайсаға: – Ҡара, Һинең шәкерттәрең шәмбе көнө эшләргә тыйылғанды эшләй, – тинеләр. Йәки Алла йортонда ҡаһиндарҙың, шәмбе көндө хеҙмәт итеп, ул көндө боҙоуҙары, әммә бының улар өсөн ғәйепкә һаналмауы хаҡында ҡанунда яҙылғанды уҡыманығыҙмы? Һеҙгә әйтәм: бында Алла йортона ҡарағанда бөйөгөрәге бар. Әгәр ҙә һеҙ: «Мин ҡорбан түгел, мәрхәмәт теләйем», – тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлаған булһағыҙ, ғәйепһеҙҙәрҙе хөкөм итмәҫ инегеҙ. Сөнки Әҙәм Улы – шәмбе көнөнөң хужаһы. Унан киткәс, Ғайса ғибәҙәтханаға инде. Унда ҡулы ҡороған берәү бар ине. Ҡайһы берәүҙәр, Ғайсаны ғәйепләргә һылтау эҙләп: – Шәмбе көндө һауыҡтырыу рөхсәт ителәме? – тип һораны. – Әгәр берәйегеҙҙең берҙән-бер һарығы булһа, шул һарыҡ шәмбе көндө соҡорға төшөп китһә, ул уны сығармаҫ инеме? – тине Ғайса. – Кеше һарыҡтан күпкә ҡәҙерлерәк бит! Шулай булғас, шәмбе көнөндә яҡшылыҡ эшләргә рөхсәт ителә. Шунан Ул ауырыуға: – Ҡулыңды һуҙ! – тине. Уныһы ҡулын һуҙҙы һәм ҡулы икенсеһе кеүек үк сәләмәт булды. Ә фарисейҙар ғибәҙәтхананан сығып киттеләр ҙә, Ғайсаны нисек һәләк итеү тураһында кәңәшләштеләр. Был хаҡта белгәс, Ғайса унан китте. Артынан күмәк халыҡ эйәрҙе. Ул ауырыуҙарҙың бөтәһен дә һауыҡтырҙы, әммә Үҙенең кем булыуы хаҡында һөйләп йөрөмәҫкә ҡушты. Был Ишағыяһ пәйғәмбәр аша әйтелгәндәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды: «Бына – Үҙем һайлап алған Ҡолом, Минең ҡәҙерлем, йәнемдең ҡыуанысы. Мин Уны Рухым менән һуғарырмын, Ул ҡәүемдәргә ғәҙел хөкөмдө иғлан итер. Ул бәхәсләшмәҫ, ҡысҡырмаҫ, урамдарҙа Уның тауышын һис кем ишетмәҫ. Ғәҙеллекте еңеүгә килтергәнгә тиклем, Ул сатнаған ҡамышты ла һындырмаҫ, быҫҡып торған филтәне лә һүндермәҫ. Ҡәүемдәр Уның исеменә өмөт бағлар». Шул ваҡыт Ғайса янына ен эйәләшкән, һуҡыр һәм телһеҙ кешене алып килделәр. Ғайса уны һауыҡтырғас, ул һөйләшә һәм күрә башланы. Бөтөн халыҡ шаҡ ҡатып бер-береһенән: – Дауыт Улы түгелме Ул? – тип һораштылар. Быны ишетеп фарисейҙар: – Был кеше ендәрҙе ендәр башлығы Бәғел-Зевулдың көсө менән генә ҡыуып сығара, – тинеләр. Ғайса, уларҙың нимә уйлағанын белеп, былай тине: – Халҡы үҙ-үҙенә ҡаршы һуғышҡан һәр батшалыҡ емерелер, шулай уҡ эсендә дошманлыҡ булған һәр ҡала йәки ғаилә лә имен тороп ҡала алмаҫ. Иблис Иблисте ҡыуып сығара икән, тимәк, үҙ-үҙенә ҡаршы һуғыша. Был осраҡта уның батшалығы нисек имен тороп ҡала алыр һуң? Әгәр Мин ендәрҙе Бәғел-Зевул көсө менән ҡыуып сығарам икән, һеҙҙең кешеләрегеҙ кемдең көсө менән ҡыуып сығара һуң? Шуға күрә әйҙә улар һеҙҙе хөкөм итһен. Әгәр ҙә Мин Алла Рухы менән ендәрҙе ҡыуып сығарам икән, тимәк, һеҙгә Алла Батшалығы килеп етте. Кем көслө кешенең өйөнә баҫып инеп, уның мал-мөлкәтен талап сыға алыр икән? Тәүҙә ул өйҙөң хужаһын бәйләп ҡуйырға тейеш, шунан ғына уның өйөн талай алыр. Кем Минең менән түгел, шул Миңә ҡаршы. Кем Минең менән бергә йыймай, шул тарҡата. Шуға күрә һеҙгә әйтәм: кешеләрҙең һәр гонаһы, һәр көфөр һүҙе ғәфү ителер, әммә Алла Рухына ҡарата көфөр ҡылыу ғәфү ителмәҫ. Әҙәм Улына ҡаршы һүҙ әйткән кеше ғәфү ителер, әммә Изге Рухҡа ҡаршы һүҙ әйткәне хәҙерге заманда ла, киләсәктә лә ғәфү ителмәҫ. Яҡшы емеш бирһен өсөн, ағастың яҡшы булыуы кәрәк. Әгәр ағас насар икән, емеше лә насар булыр. Ағас емешенә ҡарап беленә. Эй һеҙ, ағыулы йылан тоҡомо! Яуыз була тороп, һеҙ нисек яҡшы һүҙ һөйләй алаһығыҙ? Кеше күңелендә нимә йөрөтә, телендә лә шул була. Яҡшы кеше үҙ күңелендәге яҡшылыҡ һандығынан яҡшылыҡ сығара, ә яман кеше үҙ күңелендәге яманлыҡ һандығынан яманлыҡ сығара. Һеҙгә әйтәм: әйтелгән һәр буш һүҙе өсөн кешеләр ҡиәмәт көнөндә яуап тотасаҡ. Әйткән һүҙҙәреңә ҡарап аҡланырһың, әйткән һүҙҙәреңә ҡарап хөкөм ителерһең. Шунда ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар араһынан ҡайһы берәүҙәр Ғайсаға: – Остаз, беҙ һинең берәй илаһи билдә күрһәтеүеңде теләйбеҙ, – тине. Ғайса уларға былай тип яуап бирҙе: – Был замандың яуыз һәм Аллаға иманы булмаған кешеләре илаһи билдә талап итә, әммә уларға Юныс пәйғәмбәрҙең билдәһенән башҡа билдә бирелмәйәсәк. Сөнки, Юныс ҙур бер балыҡтың ҡарынында өс көн һәм өс төн үткәргән кеүек, Әҙәм Улы ла ер ҡуйынында өс көн һәм өс төн үткәрер. Ниневе кешеләре, ҡиәмәт көнөндә тороп, был заман кешеләрен хөкөм итер. Сөнки ниневеләр Юныс пәйғәмбәрҙең вәғәзен тыңлағандан һуң тәүбәгә килгән. Ә Бындағы – Юныстан да бөйөгөрәк. Көньяҡ батшабикәһе, ҡиәмәт көнөндә тороп, был заман кешеләрен хөкөм итер. Сөнки ул Сөләймән батшаның аҡыллы һүҙҙәрен тыңлау өсөн ер сигенән килгән булған. Ә Бындағы – Сөләймәндән дә бөйөгөрәк. Яуыз рух, кешенең эсенән сыҡҡандан һуң, һыуһыҙ ерҙәрҙә үҙенә һыйыныр урын эҙләп йөрөй, ләкин таба алмай. Шунан: «Элекке өйөмә әйләнеп ҡайтайым әле», – тип уйлай. Кире ҡайтҡас, өйөн аулаҡ, һеперелгән һәм йыйыштырылған хәлдә таба. Бынан һуң ул үҙенән дә яуызыраҡ ете рухты эйәртеп ҡайтып, шунда йәшәй башлайҙар. Ахырҙа, әлеге кешенең хәле баштағыға ҡарағанда ла нығыраҡ насарая. Был яуыз быуын менән дә шулай булыр. Ғайса халыҡҡа һөйләгән саҡта Уның әсәһе һәм ҡустылары килде. Ғайса менән һөйләшергә теләп, улар тышта тора ине. Кемдер берәү Ғайсаға: – Ана, әсәйең менән ҡустыларың тышта тора. Улар Һинең менән һөйләшергә теләй, – тине. Ғайса был кешенән: – Кем Минең әсәйем һәм кем Минең туғандарым? – тип һораны ла ҡулы менән шәкерттәренә күрһәтте: – Бына Минең әсәйем менән туғандарым! Кем күктәге Атамдың ихтыярын үтәй, шул Минең ағай-энем дә, апай-һеңлем дә, әсәйем дә була. Шул көндө Ғайса, өйҙән сығып, күл буйына барып ултырҙы. Уның тирәһенә күмәк халыҡ йыйылды. Шул арҡала Ул кәмәгә инеп ултырҙы, ә бөтә халыҡ яр буйында баҫып торҙо. Ғайса уларға кинәйәле ҡиссалар аша күп нәмәләр һөйләне: – Бына бер кеше сәсеүгә сыҡҡан. Сәскән сағында орлоҡтарҙың бер өлөшө юл буйына төшкән. Ҡоштар осоп килеп, уларҙы сүпләп бөткән. Ҡайһы береһе тупрағы аҙ булған ташлы ергә төшкән. Ерҙә тәрән ятмағанлыҡтан, орлоҡ тиҙ арала шытып сыҡҡан. Әммә ҡояш сығып ҡыҙҙыра башлағас, тамыры тәрәнгә китеп өлгөрмәгәнлектән, үҫентеләр ҡороған. Башҡа орлоҡтар сәнскәк араһына төшкән. Сәнскәк үҫеп, үҫентеләрҙе баҫып киткән. Ә бәғзеләре иһә уңдырышлы ергә төшкән һәм йөҙләтә, алтмышлата йә утыҙлата күберәк уңыш биргән. Ҡолаҡтары барҙар ишетһен! Шәкерттәре Уның янына килеп: – Ни өсөн Һин халыҡҡа ҡиссалар менән һөйләйһең? – тип һораны. – Һеҙгә Күктәр Батшалығының серҙәрен белеү бирелгән, ә уларға бирелмәгән, – тип яуап ҡайтарҙы Ғайса. – Сөнки кемдеке бар, шуға тағы ла күберәк бирелер, һәм унда артығы менән булыр. Ә кемдеке юҡ, унан булғаны ла тартып алыныр. Шуға күрә Мин уларға ҡиссалар менән һөйләйем. Улар бит ҡарайҙар, ләкин күрмәйҙәр, тыңлайҙар, ләкин ишетмәйҙәр ҙә, аңламайҙар ҙа. Бына шулай Ишағыяһтың пәйғәмбәрлек ҡылған һүҙҙәре уларҙа тормошҡа ашты: «Тыңлап-тыңлап та, аңламаҫһығыҙ, ҡарап-ҡарап та, күрмәҫһегеҙ. Сөнки был халыҡтың йөрәген май баҫҡан, ҡолаҡтары көскә ишетә, улар күҙҙәрен дә йомған. Күҙҙәре менән бер ни ҙә күрергә, ҡолаҡтары менән бер ни ҙә ишетергә, йөрәктәре менән бер ни ҙә аңларға теләмәйҙәр. Шулай булмаһа, Миңә табан боролорҙар – Мин уларҙы һауыҡтырыр инем». Ә һеҙ бәхетле, сөнки күҙҙәрегеҙ күрә, ҡолаҡтарығыҙ ишетә. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: күп пәйғәмбәрҙәр һәм тәҡүә кешеләр һеҙ күргәндәрҙе күрергә теләне, ләкин күрмәне; һеҙ ишеткәндәрҙе ишетергә теләне, ләкин ишетмәне. Ә хәҙер сәсеүсе хаҡындағы ҡиссаның нимә аңлатҡанын тыңлағыҙ. Батшалыҡ хаҡындағы һүҙҙе ишетеп тә, уны аңламаған һәр кемдең йөрәгенә сәселгәнде мәкерле Иблис килеп алып китә. Был – юл буйына сәселгән орлоҡ. Ташлы урынға сәселгәне шуны аңлата: һүҙҙе ишетеү менән, кеше уны шунда уҡ шатланып ҡабул итә, әммә, үҙендә тамыры булмағанлыҡтан, ваҡытлыса ғына тота. Һүҙ арҡаһында бәләгә тарыһа йәки эҙәрләүгә юлыҡһа, ул тиҙ үк сигенә. Сәнскәк араһына сәселгәне шуны аңлата: кеше һүҙҙе ишетә, әммә донъя мәшәҡәттәре, байлыҡҡа ҡыҙығыу һүҙҙе баҫып китә һәм ул уңыш бирмәй. Уңдырышлы тупраҡҡа сәселгәне иһә шуны аңлата: кеше, һүҙҙе ишетеп, уны аңлай; тап ана шул емеш бирә лә инде. Уның уңышы йөҙләтә, алтмышлата йә утыҙлата була. Ғайса уларға тағы бер ҡисса һөйләне: – Күктәр Батшалығы үҙ баҫыуына яҡшы орлоҡ сәскән кешегә оҡшаған. Әммә төндә, барыһы ла йоҡлаған саҡта, уның дошманы килеп, иген араһына ҡый үләне сәсеп киткән. Үҫентеләр күтәрелеп баш ебәргән ваҡытта, ҡый үләне лә күренә башлаған. Хеҙмәтселәре ҡайтып йорт хужаһынан: «Әфәндем, һин баҫыуыңа яҡшы орлоҡ сәскәйнең түгелме һуң? Унда ҡый үләне ҡайҙан килеп сыҡҡан икән?» – тип һораған. «Был – дошман эше», – тип яуап биргән хужа. «Теләһәң, беҙ хәҙер барып уларҙы утайбыҙ?» – тигән хеҙмәтселәр. Ләкин ул былай тигән: «Кәрәкмәй, юғиһә утаған ваҡытта ҡый үләне менән бергә игенде лә йолҡоп ҡуйыуығыҙ бар. Уныһы ла, быныһы ла ураҡҡа тиклем бергә үҫһен. Уңыш йыйғанда инде мин ураҡсыларға: „Иң элек ҡый үләнен йыйып, яндырыу өсөн бәйләмдәргә бәйләгеҙ, унан һуң бойҙайҙы келәтемә һалығыҙ“, – тип әйтермен». Ғайса уларға тағы бер ҡисса һөйләне: – Күктәр Батшалығы берәүҙең үҙ баҫыуына сәскән гәрсис орлоғона оҡшаған. Ул бөтә орлоҡтарҙан да вағыраҡ, әммә үҫкәс, баҡсалағы һәммә үҫемлектәрҙән дә бейегерәк ағасҡа әүерелә. Ҡоштар, осоп килеп, уның ботаҡтарында оя ҡора. Йәнә бер ҡисса һөйләне Ғайса: – Күктәр Батшалығы ҡатын кеше бөтә ҡамырҙы ҡабартырға тип бер ҡапсыҡ онға болғаған әсеткегә оҡшаған. Быларҙың бөтәһен дә Ғайса халыҡҡа кинәйәле ҡисса итеп бәйән итте. Уларға кинәйәле ҡиссаһыҙ бер нәмә лә һөйләмәне. Был пәйғәмбәр аша әйтелгәндәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды: «Ауыҙымды кинәйәле ҡиссалар менән асырмын, донъя яратылған көндәрҙән бирле йәшерен булғанды һөйләрмен». Бынан һуң Ғайса халыҡты ебәрҙе лә өйгә инде. Шәкерттәре Уның янына килеп: – Баҫыуҙағы ҡый үләне хаҡындағы ҡиссаның мәғәнәһен беҙгә аңлатып бир әле, – тип үтенде. – Яҡшы орлоҡ сәсеүсе – ул Әҙәм Улы, – тине Ғайса. – Баҫыу – донъя ул, яҡшы орлоҡтар – Батшалыҡ улдары, ҡый үләне – Иблис балалары, һәм уны сәсеүсе дошман – Иблис. Ураҡ өҫтө – донъяның ахыры ул, ә ураҡсылар – фәрештәләр. Ҡый үләнен йыйып утта яндырған кеүек, донъя бөткәндә лә шулай буласаҡ: Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләрен ебәрер, улар, Уның Батшалығынан гонаһҡа этәреүселәрҙең һәм яуызлыҡ ҡылыусыларҙың бөтәһен айырып алып, янып ятҡан мейескә ырғытыр. Унда илау һәм теш шығырҙатыу булыр. Ә тәҡүә кешеләр Аталарының Батшалығында ҡояштай балҡып торор. Ҡолаҡтары барҙар ишетһен! Күктәр Батшалығы яланда күмелгән хазинаға оҡшаған. Берәү уны табып алған да ҡабат күмеп ҡуйған. Шунан, шатлығынан бар мөлкәтен һатып, шул яланды һатып алған. Күктәр Батшалығы йәнә гүзәл ынйылар эҙләгән сауҙагәргә оҡшаған. Ул, иң затлы ынйыны тапҡас, ҡайтып бар мөлкәтен һатҡан да шул ынйыны алған. Йәнә Күктәр Батшалығы балыҡсылар диңгеҙгә ырғытҡан һәм күп төрлө балыҡ тулып сыҡҡан йылымға оҡшаған. Йылым балыҡ менән тулғас, уны ярға тартып сығарғандар ҙа ултырып балыҡтарҙы айырғандар. Яҡшыларын кәрзингә һалғандар, ашарға яраҡһыҙҙарын иһә ситкә ырғытҡандар. Донъя бөткәндә лә шулай буласаҡ: фәрештәләр килеп тәҡүә кешеләрҙән ямандарҙы айырыр ҙа янып ятҡан мейескә ташлар. Унда илау һәм теш шығырҙатыу булыр. Һеҙ быларҙың бөтәһен дә аңланығыҙмы? – Эйе, – тип яуап бирҙе шәкерттәре. – Бына шуға күрә, – тине уларға Ғайса, – Күктәр Батшалығын өйрәнгән һәр ҡанун белгесе келәтенән яңы әйберҙәрҙе лә, иҫкеләрен дә сығарған йорт хужаһына оҡшаған. Ошо ҡиссаларҙы һөйләгәндән һуң, Ғайса ул ерҙән китте. Ул Үҙенең ҡалаһына ҡайтҡас, кешеләргә ғибәҙәтханаларҙа аң-белем бирҙе. Тыңлаусылар таң ҡалып: – Шундай тәрән аҡыл һәм мөғжизәләр ҡылыу ҡөҙрәте Уға ҡайҙан килгән икән? – тине. – Ул балта оҫтаһының улы түгелме ни? Уның әсәһе – Мәрйәм, ҡустылары – Яҡуп, Йософ, Шимғон һәм Йәһүҙә лә баһа? Уның бөтә һеңлеләре лә беҙҙең арабыҙҙа түгелме ни? Шулай булғас, бының барыһы Уға ҡайҙан килгән? Шулай тип, Уны инҡар иттеләр. Ғайса уларға: – Пәйғәмбәрҙе бөтә ерҙә лә хөрмәт итәләр, уға үҙенең ҡалаһында һәм үҙ ғаиләһендә генә һан юҡ, – тине. Кешеләрҙең ышанмауы арҡаһында, Ул бында мөғжизәләрҙе күп ҡылманы. Шул арала Ғайса тураһындағы хәбәрҙәр өлкә идарасыһы Һирудҡа барып ишетелде. Ул үҙенең кешеләренә: «Был – Сумдырыусы Яхъя. Ул үленән терелеп торған. Шуға күрә Уның ҡөҙрәтле эштәр ҡылырға ҡеүәте бар», – тине. Ошо Һируд, ағаһы Филиппустың ҡатыны Һирудиас арҡаһында Яхъяны ҡулға алып, бығаулап, төрмәгә ултыртҡайны. Сөнки Яхъя Һирудҡа: «Һиңә уға өйләнергә ярамай», – тигәйне. Һируд Яхъяны үлтергән булыр ине, тик халыҡтан ҡурҡҡайны. Сөнки кешеләр Яхъяны пәйғәмбәр тип иҫәпләй ине. Һирудтың тыуған көнөндә Һирудиастың ҡыҙы ҡунаҡтар алдында бейене. Был Һирудҡа шул тиклем оҡшаны, ҡыҙ нимә генә һорамаһын, бөтәһен дә бирергә ант итте. Ҡыҙ иһә, әсәһе өйрәткәнсә: – Хәҙер үк Сумдырыусы Яхъяның башын ҡоштабаҡҡа һалып алып кил, – тине. Батша ҡайғыға ҡалды, ләкин ҡунаҡтар алдында әйтелгән анты хаҡына ҡыҙҙың теләген үтәргә һәм төрмәлә Яхъяның башын ҡырҡтырырға әмер бирҙе. Ҡырҡылған башты ҡоштабаҡҡа һалып килтерҙеләр ҙә ҡыҙға бирҙеләр, ә ул әсәһенә тапшырҙы. Яхъяның шәкерттәре килеп остаздарының кәүҙәһен алып китте. Уны ҡәбергә һалғас, был хаҡта Ғайсаға барып һөйләнеләр. Был хаҡта ишеткәндән һуң, Ғайса яңғыҙы ғына кәмәгә ултырып аулаҡ урынға китте. Быны белеп ҡалған халыҡ, ҡалаларынан сығып, Уның артынан йәйәүләп китте. Ярға сыҡҡас, Ғайса ҙур халыҡ төркөмөн күрҙе. Уларҙы йәлләп, араларындағы ауырыу кешеләрҙе һауыҡтырҙы. Көн кисләгәс, Уның янына шәкерттәре килде: – Бында ҡола ялан, ваҡыт та һуң инде. Халыҡты ебәр, ауылдарға барып, үҙҙәренә ризыҡ һатып алһындар. – Китеүҙең кәрәге юҡ. Һеҙ уларҙы үҙегеҙ ашатығыҙ, – тине Ғайса. Шәкерттәре Ғайсаға: – Беҙҙең бында биш икмәктән һәм ике балыҡтан башҡа бер нәмәбеҙ ҙә юҡ, – тинеләр. – Уларҙы Миңә бирегеҙ әле, – тине Ғайса. Ул кешеләргә сиҙәмгә ултырырға ҡушты, биш икмәкте һәм ике балыҡты алды ла күккә ҡарап шөкөрана ҡылды һәм, икмәктәрҙе бүлгеләп, шәкерттәренә бирҙе, ә улар халыҡҡа өләште. Бөтәһе лә туйғансы ашаны. Ҡалған һыныҡтарҙы йыйып, ун ике кәрзингә тултырып ҡуйҙылар. Ә ашаусыларҙың һаны, ҡатындарҙы һәм балаларҙы иҫәпкә алмағанда, биш мең самаһы ир кеше ине. Шунда уҡ Ғайса шәкерттәренә кәмә менән аръяҡҡа сыға торорға ҡушты, ә Үҙе халыҡты таратҡансы шунда ҡалды. Халыҡты оҙатҡандан һуң, Ул яңғыҙ ғына доға ҡылырға тип тауға менде. Кис еткәндә лә Ул бында бер үҙе булды. Ә кәмә ярҙан алыҫ киткәйне инде. Ел ҡаршы булғанлыҡтан, кәмәгә көслө тулҡындар килеп бәрелде. Таң атып килгән мәлдә Ғайса күл өҫтөнән атлап шәкерттәре янына китте. Улар, Ғайсаның күл өҫтөнән атлап килгәнен күреп, ҡурҡып киттеләр. – Был өрәк! – тип ҡоттары осоп ҡысҡырып ебәрҙеләр. – Тынысланығыҙ, был – Мин, ҡурҡмағыҙ! – тине уларға Ғайса. Шунан Петрус: – Хакимым! Әгәр был Һин булһаң, миңә һыу өҫтөнән атлап Үҙеңдең яныңа барырға бойорсо, – тип өндәште. – Кил, – тине Ғайса. Петрус кәмәнән төштө лә һыу өҫтөнән Ғайсаға табан атланы. Ләкин, елдең көслө булыуын тойоп, ҡапыл ҡото осто һәм бата башланы. – Хакимым, ҡотҡар мине! – тип ҡысҡырып ебәрҙе ул. Ғайса, шунда уҡ ҡулын һуҙып, уны эләктереп алды: – Эй, иманы аҙ! Ниңә икеләнеп ҡалдың? Улар кәмәгә ултырғас, ел баҫылды. Кәмәләгеләр Ғайсаға баш эйеп: – Һин ысынлап та Алла Улы! – тинеләр. Улар, күлде аша үтеп, Геннисаретта ярға сыҡтылар. Урындағы халыҡ, Ғайсаны танып, был хаҡта бөтә әйләнә-тирәгә хәбәр таратты һәм Уға барса ауырыуҙарҙы алып килделәр. Улар Ғайсанан кейеменең сабыуына ғына булһа ла ҡағылырға рөхсәт итеүен үтенде. Кем генә ҡағылмаһын, барыһы ла һауыҡты. Шул ваҡыт Ғайса янына Йәрүсәлимдән фарисейҙар һәм ҡанун белгестәре килеп: – Ни өсөн Һинең шәкерттәрең ата-бабаларҙан күсә килгән йолаларҙы боҙа: ашар алдынан ҡулын йыумай? – тип һоранылар. – Ә һеҙ ни өсөн үҙегеҙҙең йолаларығыҙ хаҡына Алла бойороғон боҙаһығыҙ? – тине Ғайса. – Алла: «Атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит» һәм «Атаһын йәки әсәһен хурлаған кешегә үлем язаһы бирелһен», – тигән бит. Ә һеҙ: «Кем атаһына йәки әсәһенә: „Мин һиңә бирергә тейеш булған бүләкте Аллаға вәғәҙә иттем“, – ти, уға инде ата-әсәһен хөрмәт итмәһә лә ярай», – тип әйтәһегеҙ. Бының менән һеҙ үҙегеҙҙең йолағыҙ хаҡына Алла һүҙен юҡҡа сығараһығыҙ. Ике йөҙлөләр! Ишағыяһ пәйғәмбәрлек иткән ваҡытында һеҙҙең хаҡта ҡайһылай дөрөҫ әйткән: «Был халыҡ Мине тик теле менән хөрмәт итә, әммә күңелдәре Минән алыҫ. Уларҙың Миңә табыныуы бушҡа: улар кеше уйлап сығарған ҡағиҙәләргә өйрәтә». Ғайса халыҡты янына саҡырып алып: – Тыңлағыҙ һәм аңларға тырышығыҙ. Кешене ауыҙына ингән нәмә түгел, ауыҙынан сыҡҡаны бысрата, – тине. Шунан һуң шәкерттәре Уның янына килеп: – Һинең һүҙҙәреңде ишетеп, фарисейҙарҙың рәнйеүен беләһеңме? – тип һоранылар. – Күктәге Атам ултыртмаған һәр үҫенте тамыры менән йолҡоп алынасаҡ, – тине Ул. – Ҡалдырығыҙ шуларҙы! Һуҡырҙарҙы етәкләп йөрөүсе һуҡырҙар улар. Һуҡыр һуҡырҙы етәкләп бара икән, икеһе лә соҡорға ҡолап төшәсәк. Шунда Петрус Унан: – Беҙгә теге ҡиссаны аңлатып бирһәңсе, – тип үтенде. – Әллә һеҙ ҙә һаман төшөнмәйһегеҙме? – тине Ғайса. – Ауыҙға ингән нәмәнең ҡарынға үтеүе, ә унан тышҡа сығарып ташланыуы аңлашылмаймы ни? Кешенең ауыҙынан сыҡҡаны – күңеленән сыға. Уны шул бысрата ла. Сөнки яуыз уйҙар, кеше үлтереү, зина ҡылыу, фәхешлек итеү, урлашыу, ялған шаһитлыҡ биреү, яла яғыу – бөтәһе лә кешенең күңеленән сыға. Кешене ана шулар бысрата, ә йыуылмаған ҡул менән ашау түгел. Шунан Ғайса Тир һәм Сидон төбәгенә китте. Шул төбәктә йәшәгән ҡәнғәни халҡынан булған бер ҡатын Уның ҡаршыһына сығып: – Әфәндем, Дауыт Улы! Миңә мәрхәмәтле булһаңсы: ҡыҙыма ен эйәләшкән, ул бик ныҡ ғазаплана! – тип ҡысҡырҙы. Әммә Ғайса бер ауыҙ һүҙ әйтмәне. Шәкерттәре килеп: – Әйт әле, китһен. Юғиһә ул ҡысҡырып беҙҙең арттан килә, – тип инәлде. – Мин бары тик Исраил халҡының юғалған һарыҡтарына ғына ебәрелгәнмен, – тип яуап ҡайтарҙы Ғайса. Ҡатын иһә килеп Уның алдына йөҙтүбән ҡапланды: – Әфәндем, миңә ярҙам итһәңсе! – Икмәкте балаларҙан алып, көсөктәргә ырғытыу яҡшы түгел, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Эйе, Әфәндем. Тик көсөктәр ҙә бит хужаһының өҫтәленән ҡойолған валсыҡтарҙы ашай, – тине ҡатын. Ғайса уға: – Эй апай! Һинең иманың ныҡ! Әйҙә, теләгәнеңсә булһын, – тине. Ҡатындың ҡыҙы шунда уҡ һауыҡты. Унан китеп, Ғайса Галилея күле буйына килде, тауға күтәрелеп, шунда ултырҙы. Аҡһаҡтарҙы, һуҡырҙарҙы, ғәриптәрҙе, телһеҙҙәрҙе һәм байтаҡ бүтән сирлеләрҙе алып, Уның янына күмәк халыҡ йыйылып килде. Улар ауырыуҙарҙы Уның аяғы янына һалдылар, Ғайса уларҙы һауыҡтырҙы. Телһеҙҙәрҙең һөйләшеүен, ғәриптәрҙең һауығыуын, аҡһаҡтарҙың атлап китеүен һәм һуҡырҙарҙың күҙҙәре асылыуын күреп, халыҡ таң ҡалды һәм Исраил Аллаһын данланы. Ғайса шәкерттәрен саҡырып алды: – Кешеләрҙе йәлләйем. Улар өс көн буйы Минең янымда, ә ашарҙарына бер нәмәләре лә юҡ. Уларҙы ас килеш ҡайтарып ебәргем килмәй: юлда хәлдәре бөтөр. – Был тиклем халыҡты туйҙырырлыҡ икмәкте бынау ҡола ялан ерҙә ҡайҙан табайыҡ? – тине Уға шәкерттәре. – Һеҙҙең нисә икмәгегеҙ бар? – Ете икмәк һәм бер нисә ваҡ балыҡ. Ғайса халыҡҡа ергә ултырырға ҡушты ла, ете икмәкте һәм балыҡтарҙы алып Аллаға шөкөрана ҡылғас, бүлгеләп шәкерттәренә бирҙе, ә улар халыҡҡа өләште. Бөтәһе лә ашап туйҙы. Ҡалған һыныҡтарҙы йыйып, ете кәрзингә тултырып ҡуйҙылар. Ә ашаусылар, ҡатындарҙы һәм балаларҙы иҫәпкә алмағанда, дүрт мең ир кеше ине. Халыҡты ҡайтарып ебәргәс, Ғайса, кәмәгә ултырып, Магадан ерҙәренә юл тотто. Ғайса янына фарисейҙар менән саддукейҙар килде. Уны һынарға теләп, күктән илаһи билдә күрһәтеүен һоранылар. Ә Ул: – Кис көнө һеҙ: «Аяҙ булыр, күк йөҙө ҡыҙыл», – тиһегеҙ. Ә иртәнсәк күк йөҙөндә ҡарағусҡыл ҡыҙыл болоттар күрәһегеҙ ҙә: «Бөгөн дауыл булыр», – тиһегеҙ. Күккә ҡарап һауа торошон билдәләйһегеҙ, ә заман билдәләрен аңлай алмайһығыҙ. Был замандың яуыз һәм Аллаға иманы булмаған кешеләре илаһи билдә талап итә, әммә уларға Юныс пәйғәмбәрҙең билдәһенән башҡа билдә бирелмәйәсәк, – тип яуап ҡайтарҙы. Шунан һуң Ғайса уларҙы ҡалдырып китеп барҙы. Икенсе ярға сыҡтылар. Шәкерттәре үҙҙәре менән икмәк алырға онотҡайны. – Ҡарағыҙ уны, фарисейҙар һәм саддукейҙар әсеткеһенән һаҡ булығыҙ! – тине Ғайса уларға. Шәкерттәре үҙ-ара: «Беҙ икмәк алмаған өсөн шулай тип әйтә», – тиеште. Ғайса быны белеп: – Имандары аҙҙар! Ни өсөн һеҙ икмәгегеҙ юҡлығы тураһында һөйләшәһегеҙ? Һаман бер ни ҙә аңламайһығыҙмы ни? Биш икмәктең биш мең кешегә еткәнен иҫләмәйһегеҙме? Ҡалғанын нисә кәрзин йыйып алдығыҙ? Ете икмәкте дүрт мең кешегә өләшкәнегеҙҙе, уны нисә кәрзин итеп йыйып алғанығыҙҙы ла оноттоғоҙмо? Мин Һеҙгә икмәк тураһында түгел, фарисейҙар һәм саддукейҙар әсеткеһенән һаҡ булығыҙ, тинем! Был һеҙгә аңлашылмаймы ни? – тине. Шунда улар Ғайсаның икмәк әсеткеһенән түгел, ә фарисейҙар һәм саддукейҙар тәғлимәтенән һаҡланырға ҡушҡанын аңланылар. Филиппус Ҡайсареяһы ерҙәренә килгәс, Ғайса Үҙенең шәкерттәренән: – Кешеләр Әҙәм Улын кем тип иҫәпләй? – тип һораны. – Берәүҙәр Уны Сумдырыусы Яхъя ти, икенселәре – Ильяс, ә ҡайһы берҙәре Йермеяһ йәки башҡа пәйғәмбәрҙәрҙең береһе тип уйлай, – тине шәкерттәре. – Ә һеҙ Мине кем тип иҫәпләйһегеҙ? – Һин – Мәсих, тере Алланың Улы, – тип яуап бирҙе Шимғон Петрус. – Йона улы Шимғон, һин бәхетле, сөнки быны һиңә кеше түгел, ә Минең күктәге Атам асып бирҙе, – тине Ғайса. – Шуға күрә Мин һиңә әйтәм: һин – Петрус һәм Мин был ҡаяла Үҙемдең имандаштар берҙәмлеген төҙөйәсәкмен. Уны үлеләр донъяһының көстәре еңә алмаҫ. Мин һиңә Күктәр Батшалығының асҡыстарын бирермен. Ерҙә һин нимәне тыйһаң, шуны күктә Алла тыясаҡ. Ерҙә һин нимәне рөхсәт итһәң, шуны күктә Алла рөхсәт итәсәк. Бынан һуң Ул шәкерттәренә Үҙенең Мәсих икәнлеген бер кемгә лә әйтмәҫкә ҡушты. Шул ваҡыттан алып Ғайса шәкерттәренә Үҙенең Йәрүсәлимгә барасағы, унда аҡһаҡалдар, баш ҡаһиндар менән ҡанун белгестәре тарафынан күп ғазаптарға дусар ителәсәге һәм үлтереләсәге, әммә өсөнсө көндә терелеп торасағы тураһында һөйләй башланы. Петрус иһә Уны ситкәрәк алып китеп: – Үҙеңде Алла һаҡлаһын, Хакимым! Һинең менән ундай хәл була күрмәһен! – тип ҡаршы төштө. Әммә Ғайса Петрусҡа боролоп: – Кит янымдан, Иблис! Һин Мине юлдан яҙҙырырға маташаһың, һин Алла уйлағанса түгел, әҙәмсә фекерләйһең, – тине. Шунан Ул шәкерттәренә былай тине: – Әгәр берәй кеше Минең артымдан барырға теләһә, шул үҙ-үҙенән ваз кисһен һәм, арҡысағын йөкмәп, Миңә эйәрһен. Кем үҙенең йәнен һаҡлап ҡалырға теләй, уны юғалтыр. Кем Минең хаҡыма үҙенең йәнен юғалта, ул уны алып ҡалыр. Әгәр кеше бөтөн донъяны ҡаҙанып та, йәнен һәләк итһә, бынан уға ни файҙа? Йәнен ҡайтарып алыр өсөн ул нимә түләй ала? Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләре менән Атаһының балҡып торған шөһрәтендә килер һәм һәр кемгә ғәмәленә ҡарап әжерен бирер. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: бында баҫып торған кешеләрҙең ҡайһы берәүҙәре Әҙәм Улының Батша булып килгәнен күргәнсе үлем татымаҫ. Алты көндән һуң Ғайса, Үҙе менән Петрусты, Яҡупты һәм уның ҡустыһы Яхъяны алып, бейек тауға менде. Улар унда үҙҙәре генә ине. Шунда Ғайсаның ҡиәфәте күҙ алдарында үҙгәрҙе: йөҙө ҡояштай балҡып китте, ә кейеме күҙҙе ҡамаштырырлыҡ ап-аҡ төҫкә инде. Ҡараһалар, ҡаршыларында Муса менән Ильяс пәйғәмбәрҙәр пәйҙә булды һәм Ғайса менән һөйләшә башланы. Петрус Ғайсаға: – Хакимыбыҙ, беҙҙең бында булғаныбыҙ ҡайһылай яҡшы! Әгәр теләһәң, өс сатыр ҡорам: береһен – Һиңә, береһен – Мусаға, береһен – Ильясҡа, – тине. Петрус һөйләгән арала, балҡып торған болот килеп сығып, уларҙы күләгәһе менән ҡапланы. Болот эсенән: «Был – Минең һөйөклө Улым, Ул Минең ҡыуанысым. Уны тыңлағыҙ!» – тигән тауыш ишетелде. Был тауышты ишетеп, шәкерттәр йөҙтүбән ергә ҡапланды, сөнки ҡоттары осҡайны. Ғайса килеп уларға ҡағылды ла: – Тороғоҙ, ҡурҡмағыҙ! – тине. Улар, баштарын күтәреп, Ғайсанан башҡа бер кемде лә күрмәне. Тауҙан төшкәндә Ғайса уларға: – Әҙәм Улы үлеп терелгәнгә тиклем, күргәнегеҙ хаҡында бер кемгә лә һөйләмәгеҙ, – тип бойорҙо. Шәкерттәре Унан: – Ә ниңә һуң ҡанун белгестәре, тәүҙә Ильяс килергә тейеш, тиҙәр? – тип һораны. – Ысынлап та, Ильяс килеп, һәр нәмәне үҙ урынына ҡуясаҡ, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Әммә Мин һеҙгә шуны әйтәм: Ильяс килде инде, тик уны таныманылар һәм уның менән нимә теләһәләр, шуны ҡылдылар. Әҙәм Улы ла улар ҡулында күп ғазаптар сигәсәк. Шунда инде шәкерттәре Ғайсаның Сумдырыусы Яхъя тураһында һөйләгәнен аңланылар. Улар халыҡ төркөмө янына әйләнеп ҡайтҡас, бер кеше Ғайса алдына килеп тубыҡланды: – Әфәндем, улымды ҡыҙған! Ул өйәнәк ауырыуынан яфалана. Йыш ҡына әле утҡа, әле һыуға ташлана. Мин уны шәкерттәреңә алып килгәйнем, тик улар һауыҡтыра алманы. – Эй, иманһыҙ һәм боҙоҡ быуын! Миңә һеҙҙең менән тағы күпме булырға ла күпме түҙергә? Малайҙы Минең яныма алып килегеҙ! – тине Ғайса. Ул енгә сығырға бойорҙо. Ен сығыу менән малай һауыҡты. Шәкерттәр Ғайса менән үҙҙәре генә ҡалғас: – Ни өсөн беҙ уны ҡыуып сығара алманыҡ икән? – тип һоранылар. Галилеяла бергә йыйылғас, Ғайса шәкерттәренә: – Әҙәм Улы кешеләр ҡулына тотоп биреләсәк. Уны үлтерәсәктәр, әммә өсөнсө көндә Ул терелеп торасаҡ, – тине. Шәкерттәр оло ҡайғыға төштө. Улар Капернаумға килеп еткәс, Алла йорто өсөн ике драхмалыҡ һалымды йыйыусылар Петрус янына килеп: – Остазығыҙ һалым түләмәйме? – тип һораны. – Түләй, – тип яуап бирҙе Петрус. Петрус өйгә ингәс, беренсе булып һүҙҙе Ғайса башланы: – Шимғон, нисек уйлайһың: ерҙәге батшалар һалымды һәм яһаҡты кемдән түләтә? Үҙ улдарынанмы, әллә башҡа кешеләрҙәнме? – Башҡа кешеләрҙән, – тип яуап бирҙе Петрус. – Тимәк, үҙ улдары түләүҙән азат, – тине Ғайса. – Әммә береһен дә рәнйетмәйек. Күлгә барып ҡармаҡ һал. Беренсе эләккән балыҡтың ауыҙын ас һәм унда көмөш тәңкә табырһың. Уны алып, һалым йыйыусыларға Минең өсөн дә, үҙең өсөн дә бир. Шул ваҡыт Ғайса янына шәкерттәре килеп: – Күктәр Батшалығында иң бөйөгө кем? – тип һораны. Ғайса, бер баланы саҡырып алып, уларҙың уртаһына баҫтырҙы ла: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр һеҙ, үҙгәреп, балалар кеүек булмаһағыҙ, Күктәр Батшалығына бер ҡасан да инмәйәсәкһегеҙ, – тине. – Шулай итеп, кем ошо бала кеүек үҙен түбәнселек менән тота, шул Күктәр Батшалығында иң бөйөгө булыр. Кем Минең хаҡыма ошондай бер баланы ҡабул итә, шул Мине лә ҡабул итә. Әммә Миңә ышанған бынау кесе йәндәрҙең берәйһен дөрөҫ юлдан яҙҙырған кешене, муйынына тирмән ташы аҫып, диңгеҙ упҡынына батырһалар, уның өсөн хәйерлерәк булыр ине. Кешеләрҙе гонаһҡа этәргән нәмәләр арҡаһында был донъяға ҡайғы! Аҙҙырыусы нәмәләрҙең килеүе ҡотолғоһоҙ, ләкин улар кем аша килә, шул кешегә ҡайғы! Әгәр ҙә ҡулың йәки аяғың һине гонаһҡа ҡотортһа, уны ҡырҡып алып ташла! Ике ҡуллы, ике аяҡлы булып мәңгелек утҡа ырғытылғанға ҡарағанда, мәңгелек тормошҡа сулаҡ йәки аҡһаҡ килеш инеүең хәйерлерәк. Әгәр ҙә күҙең гонаһҡа ҡотортһа, уны соҡоп алып ташла! Ике күҙең менән йәһәннәм утына ырғытылғанға ҡарағанда, мәңгелек тормошҡа һыңар күҙле инеүең хәйерлерәк. Нисек уйлайһығыҙ: әгәр ҙә бер кешенең йөҙ һарығы булһа, шуларҙың береһе аҙашып ҡалһа, ул, туҡһан туғыҙ һарығын тауҙа ҡалдырып, аҙашҡанын эҙләп китмәҫ инеме? Уны табып алһа, һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, юғалмаған туҡһан туғыҙына ҡарағанда, табылғанына ул нығыраҡ ҡыуаныр. Һеҙҙең күктәге Атағыҙ ҙа шулай: кесе йәндәрҙең береһенең дә һәләк булыуын теләмәй. Әгәр имандашың һиңә ҡаршы гонаһ ҡылһа, барып, ғәйебен үҙенә генә әйт. Тыңлаһа, һин имандашыңды үҙеңә ҡайтарып алған булырһың. Тыңламаһа инде, үҙең менән бер йәки ике кешене алып бар, сөнки «һәр эш ике йәки өс шаһиттың күрһәтмәһе менән раҫланһын». Уларҙы ла тыңламаһа, имандаштар берҙәмлегенә һөйлә, ә инде берҙәмлек ағзаларына ла ҡолаҡ һалмаһа, ул саҡта уның менән мөғәмәләң, мәжүси йәки һалым йыйыусы менән нисек, шулай булһын. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙ ерҙә нимәне тыяһығыҙ, шуны күктә Алла ла тыясаҡ, ә ерҙә рөхсәт иткәнегеҙҙе, күктә Алла ла рөхсәт итәсәк. Һеҙгә тағы әйтәм: арағыҙҙан икәүегеҙ ерҙә, үҙ-ара һөйләшеп-килешеп, нимә генә һораһағыҙ ҙа, күктәге Атам уны үтәйәсәк. Ҡайһы ерҙә ике йәки өс кеше Минең хаҡыма йыйыла, Мин шунда улар араһында буласаҡмын. Шунан һуң Уның янына Петрус килеп: – Хакимым, туғанымды, әгәр ул миңә ҡаршы гонаһ ҡылһа, нисә тапҡыр ғәфү итергә тейешмен? Етегә тиклемме? – тип һораны. – Юҡ, етегә түгел, ә етмеш тапҡыр етегә тиклем, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Күктәр Батшалығы бына нимәгә оҡшаш: бер батша хеҙмәтселәре менән хисаплашып ҡуйырға ниәтләгән. Аҡса хисабын асыҡлай башлағас, уның янына ун мең талант бурысы булған бер кешене алып килгәндәр. Уның түләрлек аҡсаһы булмағас, бурысын ҡайтарыр өсөн, батша уның үҙен дә, ҡатынын да, балаларын да, бөтә мөлкәтен дә һатырға әмер биргән. Был хеҙмәтсе батша алдында йөҙтүбән ҡапланып: «Аҙ ғына сабыр итеп тор инде, мин уны тулыһынса ҡайтарып бирермен», – тип ялбарған. Батша, хеҙмәтсене йәлләп, бурысын бәхилләгән һәм уны ебәргән. Хеҙмәтсе иһә, киткәс, үҙенә йөҙ динар бурысы булған бер хеҙмәттәшен осратҡан. Ул уны боғаҙынан алып быуа башлаған. «Бурысыңды түлә!» – тип талап иткән. Тегеһе уның аяғына йығылып: «Аҙ ғына сабыр итеп тор инде, мин уны ҡайтарып бирермен», – тип ялбарған. Әммә тегеһе, риза булмайынса, бурысын түләгәнгә тиклем уны төрмәгә ултыртҡан. Батшаның бүтән хеҙмәтселәре быны күреп бик ҡайғырған һәм хәлде хужаларына барып һөйләп биргән. Шунан һуң батша теге хеҙмәтсеһен саҡыртып алып былай тигән: «Яуыз хеҙмәтсе! Һин ялбарып һорағас, бөтә бурысыңды бәхилләнем. Мин шәфҡәт күрһәткән кеүек, һин дә хеҙмәттәшеңә шәфҡәт күрһәтергә тейеш инең түгелме ни?» Асыуланған батша хеҙмәтсене, бөтә бурысын түләп бөткәнгә тиклем, ғазаплаусылар ҡулына тапшырған. Әгәр туғанығыҙҙы ихлас күңелдән ғәфү итмәһәгеҙ, күктәге Атам да һеҙгә ҡарата шулай эшләйәсәк. Ғайса, һүҙен тамамлағас, Галилеянан китеп, Йәһүҙиәгә һәм Иордан аръяғындағы ерҙәргә йүнәлде. Уның артынан күмәк халыҡ эйәреп барҙы, һәм Ул ауырыуҙарҙы һауыҡтырҙы. Ҡайһы бер фарисейҙар, Ғайсаға килеп, Уны һынар өсөн: – Ир кешегә ниндәйҙер сәбәп менән ҡатынын айырырға рөхсәт ителәме? – тип һоранылар. – Бар ҡылыусы тәүҙән үк «уларҙы ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ итеп яратты» тигәнде уҡыманығыҙмы ни? – тип яуап бирҙе Ғайса. – Алла шулай уҡ: «Шуға күрә ир кеше, атаһы менән әсәһен ҡалдырып, ҡатынына ҡушылыр һәм икеһе бер тән булырҙар», – тигән. Тимәк, улар инде икәү түгел, ә бер бөтөн. Шулай булғас, Алла бергә ҡушҡанды кеше айырмаһын. Фарисейҙар иһә: – Улайһа, ни өсөн Муса ир кешегә, ҡатынына айырылышыу ҡағыҙы биреп, айырып ебәрергә рөхсәт иткән? – тинеләр. – Һеҙ таш йөрәкле булғанға күрә, Муса ҡатындарығыҙ менән айырылышырға рөхсәт биргән. Башланғыста улай түгел ине, – тип яуапланы Ғайса. – Һеҙгә әйтәм: ҡатынының зина ҡылыуынан башҡа сәбәп арҡаһында уның менән айырылышҡан һәм башҡаға өйләнгән ир зина ҡыла. Шәкерттәре Уға: – Ир менән уның ҡатыны араһындағы мөнәсәбәттәр улай икән, ул саҡта өйләнмәү хәйерлерәк, – тинеләр. – Был һүҙҙәрҙе бөтәһе лә ҡабул итә алмай, кемгә Алла тарафынан бирелгән, шулар ғына ҡабул итер, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Кешеләрҙең өйләнә алмауына төрлө сәбәптәр бар: берәүҙәре инә ҡарынынан шундай булып тыуа, икенселәренә кешеләр сәбәпсе була, өсөнсөләре, ғүмерҙәрен тотошлай Күктәр Батшалығына арнау өсөн, үҙҙәре өйләнмәй. Быны кем ҡабул итә ала, шул ҡабул итһен! Шунан һуң Ғайса янына, баштарына ҡулын ҡуйып доға ҡылһын өсөн, балаларын алып килделәр. Шәкерттәре иһә, уларҙы шелтәләп, үткәрмәне. Әммә Ғайса: – Үткәрегеҙ балаларҙы, уларға Минең яныма килергә ҡамасауламағыҙ! Күктәр Батшалығы – ошондайҙарҙыҡы, – тине. Балаларға ҡулдарын ҡуйып фатихаһын биргәндән һуң Үҙ юлына китте. Бер ваҡыт Ғайса янына бер кеше килеп: – Остаз, мәңгелек тормошҡа эйә булыр өсөн, миңә ниндәй игелек эшләргә кәрәк? – тип һораны. – Ниңә һин Минән игелек тураһында һорайһың? Бары Берәү генә игелекле. Ә мәңгелек тормошҡа инергә теләһәң, Уның бойороҡтарын үтә, – тине Ғайса. – Ҡайһыларын? – тип һораны теге егет. – «Кеше үлтермә, зина ҡылма, урлашма, ялған шаһитлыҡ итмә, атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит» һәм «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат», – тип яуап бирҙе Ғайса. – Мин быларҙың бөтәһен дә үтәп килдем. Миңә тағы нимә етмәй? – тип һораны егет. – Камил булырға теләһәң, бар, бөтә мөлкәтеңде һат та фәҡирҙәргә өләш. Шулай эшләһәң, күктәге хазинаға эйә булырһың. Шунан кил дә Миңә эйәр, – тине Ғайса. Егет иһә, был һүҙҙәрҙе ишеткәс, ҡайғыға төшөп китеп барҙы: ул бик бай ине. Ғайса Үҙенең шәкерттәренә былай тине: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: бай кешегә Күктәр Батшалығына инеү ҡыйын. Һеҙгә тағы шуны әйтәм: бай кешегә Алла Батшалығына инеүгә ҡарағанда, дөйәгә энә күҙәүе аша үтеү еңелерәк. Быны ишеткәс, шәкерттәре бик ныҡ аптыраны. – Улай булғас, кем генә ҡотола алыр һуң? – тип һоранылар. Ғайса уларға ҡарап: – Кешеләр өсөн был мөмкин түгел, ләкин Алла өсөн бөтәһе лә мөмкин, – тине. Шунда Петрус Ғайсаға: – Бына беҙ, бөтә нәмәбеҙҙе ҡалдырып, Һиңә эйәрҙек, – тине. – Бының өсөн беҙгә нимә булыр? – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, – тине Ғайса. – Донъя яңырғас, Әҙәм Улы Үҙенең дан тәхетенә ултырғандан һуң, һеҙ ҙә, Миңә эйәреүселәр, ун ике тәхеткә ултырып, Исраилдың ун ике ырыуына идара итерһегеҙ. Өйҙәрен, ағай-энеләрен, апай-һеңлеләрен, ата-әсәһен, балаларын йә баҫыуҙарын Минең хаҡыма ҡалдырып киткән һәр кемгә йөҙ тапҡыр күберәк биреләсәк һәм ул мәңгелек тормош аласаҡ. Әммә беренсе булғандарҙың күбеһе – һуңғы, ә һуңғылар иһә беренсе булыр. Күктәр Батшалығы иртән иртүк үҙенең йөҙөм баҡсаһына эшселәр ялларға сыҡҡан хужа кешегә оҡшаш. Ялсылар менән көнөнә бер динарҙан килешкәс, хужа уларҙы йөҙөм баҡсаһына ебәргән. Иртәнге сәғәт туғыҙ тирәһендә өйөнән сығып, баҙар майҙанына барғас, ул бында эшһеҙ торған башҡа кешеләрҙе күреп: «Һеҙ ҙә минең йөҙөм баҡсаһына барығыҙ. Мин һеҙгә тейешенсә түләрмен», – тигән. Улар киткән. Хужа сәғәт ун икелә лә, көндөҙгө өстә лә шулай эшләгән. Сәғәт биштәр тирәһендә тағы сыҡҡас, баҫып торған кешеләрҙе күреп, уларҙан: «Һеҙ ниңә бында көнө буйы эшһеҙ тораһығыҙ?» – тип һораған. «Беҙҙе бер кем дә ялламаны», – тип яуаплаған тегеләр. Хужа уларға ла: «Һеҙ ҙә йөҙөм баҡсаһына барығыҙ», – тигән. Кис еткәс, хужа идарасыһына: «Эшселәрҙе саҡырып, эш хаҡын түлә. Аҙаҡ ялланғандарынан башлап, беренселәре менән тамамла», – тигән. Киске биштә ялланғандар килеп, һәр ҡайһыһы берәр динар аҡса алған. Беренсе ялланған эшселәрҙең сираты еткәс: «Күберәк алырбыҙ», – тип өмөтләнгән. Ләкин улар ҙа берәр динар алған. Аҡсаларын алғас, хужаға зарлана башлағандар: «Аҙаҡ килгәндәр бер сәғәт кенә эшләне, ә һин уларҙы беҙҙең менән тиңләнең. Беҙ бит көнө буйы эҫе ҡояш аҫтында ауыр эш башҡарҙыҡ». Хужа уларҙың береһенә былай тигән: «Дуҫым, мин һиңә ҡарата ғәҙелһеҙлек ҡылманым. Һинең менән бер динарға килештек түгелме һуң? Үҙеңә тейешлеһен ал да кит. Ә мин бынау аҙаҡҡыға ла һиңә биргән хәтле бирергә теләйем. Үҙ мөлкәтемде үҙем теләгәнсә тотонорға хаҡым юҡмы ни? Әллә йомартлығымдан көнләшәһеңме?» – Бына шулай: һуңғылар беренсе булыр, ә беренселәр һуңғы булыр, – тине Ғайса. Йәрүсәлимгә барышлай Ғайса, ун ике шәкертен ситкә алып китеп, уларҙың үҙҙәренә генә былай тине: – Әле беҙ Йәрүсәлимгә китеп барабыҙ. Унда Әҙәм Улы баш ҡаһиндар һәм ҡанун белгестәре ҡулына тотоп биреләсәк. Улар Уны үлемгә хөкөм итәсәк, мыҫҡыллау, ҡамсылау һәм арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатыу өсөн, мәжүсиҙәр ҡулына тапшырасаҡ. Ләкин өсөнсө көндә Ул терелеп торор. Шунан Зәбәҙәйостың ҡатыны, улдары менән Ғайса янына килеп, Уның алдында тубыҡланды. Уның ниҙер һорағыһы килә ине. – Һин нимә теләйһең? – тине Ғайса. – Батшалығыңда минең ошо ике улымдың береһе – Һинең уң яғыңа, икенсеһе һул яғыңа ултырасаҡ, тип вәғәҙә бирһәң ине, – тине ҡатын. – Һеҙ нимә һорағанығыҙҙы аңламайһығыҙ, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Мин эсәсәк ғазап туҫтағынан һеҙ ҙә эсә алырһығыҙмы һуң? – Алырбыҙ, – тине улар. – Һеҙ, ысынлап та, Минең туҫтағымдан эсерһегеҙ, ә уң яғымда йәки һул яғымда ултырырға рөхсәт биреү Минең ихтыярымда түгел. Ул урындар Атам тарафынан кемдәргә әҙерләнгән, шулар ултырасаҡ, – тине Ғайса. Был һөйләшеүҙе ишеткәс, ҡалған ун шәкерттең был икәүгә асыуы килде. Ғайса уларҙы янына саҡырып: – Беләһегеҙ бит: хакимдар халыҡтар өҫтөнән хакимлыҡ итә, башлыҡтар ҙа уларға баш була. Ә һеҙҙең арала улай булмаһын! Арағыҙҙа кем бөйөк булырға теләй, шул башҡаларға хеҙмәтсе булһын. Арағыҙҙа кем беренсе булырға теләй, шул башҡаларға ҡол булһын. Әҙәм Улы ла бит Үҙенә хеҙмәт иттерер өсөн килмәне. Үҙе хеҙмәт итергә һәм, Үҙенең йәнен фиҙа ҡылып, күптәрҙе азат итергә килде, – тине. Ғайса шәкерттәре менән Йерихо ҡалаһынан киткәндә, Уның артынан күмәк халыҡ эйәрҙе. Юл ситендә ике һуҡыр ултыра ине. Улар Ғайсаның үтеп барғанын ишетеп: – Әфәндем, Дауыт Улы, беҙҙе йәллә инде! – тип ҡысҡырҙылар. Халыҡ, уларҙы әрләп, тыйырға тырышты, әммә улар тағы ла көслөрәк итеп: – Әфәндем, Дауыт Улы, беҙҙе йәллә инде! – тип ҡабатланы. Ғайса туҡтап, уларҙы саҡырып алды ла: – Һеҙҙең өсөн нимә эшләүемде теләйһегеҙ? – тип һораны. – Әфәндем, күҙҙәребеҙ күрһен ине! – тине улар. Ғайса, уларҙы йәлләп, күҙҙәренә ҡулы менән ҡағылды. Һуҡырҙар шунда уҡ күрә башланылар һәм Уға эйәреп киттеләр. Йәрүсәлимгә яҡынлашып, Зәйтүн тауына, Бейт-Фаге ауылына еткәс, Ғайса ике шәкертен алдан ебәрҙе. – Ҡаршылағы ауылға барығыҙ. Барып етеү менән бәйләп ҡуйылған инә ишәк менән йәш ишәкте күрерһегеҙ. Уларҙы ысҡындырып, Миңә алып килегеҙ. Әгәр берәйһе ни ҙә булһа әйтһә, уға: «Улар Хужаға кәрәк», – тип яуап бирегеҙ. Ишәктәрҙе шунда уҡ биреп ебәрерҙәр, – тине Ул. Был иһә пәйғәмбәр аша әйтелгән һүҙҙәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды: «Сион-ҡыҙға әйтегеҙ: бына, һиңә Батшаң килә. Ул йыуаш; ишәккә һәм йәш ишәккә, йөк йөрөтә торған хайуан балаһына, менгән». Шәкерттәре барып, бөтәһен дә Ғайса ҡушҡанса эшләне. Ишәк менән балаһын алып килеп, өҫ кейемдәрен һырттарына һалғас, Ғайса ишәккә атланды. Бик ҙур халыҡ төркөмө өҫ кейемдәрен сисеп юлға түшәне, башҡалары иһә ағастарҙың ботаҡтарын киҫеп һалды. Ғайсаның алдынан барған һәм артынан эйәреп килгән халыҡ: – Дауыт Улына һосанна! Раббы исеме менән Килеүсе мөбәрәк булһын! Бейек күктәрҙә һосанна! – тип ҡысҡырҙылар. Ғайса Йәрүсәлимгә килеп ингәс, бөтә ҡала хәрәкәткә килде. – Был кем? – тип һораштылар. – Был – Ғайса, Галилеялағы Назаранан килгән пәйғәмбәр, – тип яуап бирҙе халыҡ. Ғайса, Алла йортона инеп, ундағы бөтә һатыусыларҙы һәм һатып алыусыларҙы ҡыуа башланы, аҡса алмаштырыусыларҙың өҫтәлдәрен, күгәрсен һатыусыларҙың ултырғыстарын ауҙарып ташланы. Ғайса уларға: – Изге Яҙмала: «Минең Йортом доға ҡылыу йорто тип аталыр», – тип яҙылған, ә һеҙ уны юлбаҫарҙар ояһына әйләндерәһегеҙ! – тине. Алла йортонда Уның янына һуҡырҙар һәм аҡһаҡтар килде, Ғайса уларҙы һауыҡтырҙы. Ләкин Ул ҡылған ғәжәйеп эштәрҙе күреүҙән һәм Алла йортондағы балаларҙың: «Дауыт Улына һосанна!» – тип ҡысҡырыуынан баш ҡаһиндарҙың һәм ҡанун белгестәренең асыуы ҡабарҙы. – Быларҙың нимә тигәндәрен ишетәһеңме? – тине улар. – Эйе! – тип яуапланы Ғайса. – Һеҙ: «Сабыйҙар һәм имсәк балалар ауыҙынан Һин Үҙеңә маҡтау һүҙҙәре әйттерҙең», – тип яҙылғанды бер ҡасан да уҡыманығыҙмы ни? Ғайса, уларҙы ҡалдырып, ҡаланан Бейт-Әниәгә китте һәм шунда ҡунды. Иртәгәһенә Йәрүсәлимгә китеп барышлай Ғайса асыҡҡанын тойҙо. Юл буйындағы инжир ағасын күреп, уның янына барҙы. Япраҡтан башҡа бер нәмә лә тапмағас: – Бынан һуң бер ҡасан да емешең булмаһын! – тине. Инжир ағасы шунда уҡ ҡороно. Быны күреп, шәкерттәренең иҫе китте. – Инжир ағасы нисек улай ҡапыл ғына ҡороно һуң? – тип һоранылар. – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр ҙә икеләнмәй ышанһағыҙ, һеҙ Мин инжир ағасы менән ҡылғанды ғына эшләп ҡалмаҫһығыҙ, хатта бынау тауға: «Күтәрелеп, диңгеҙгә ташлан!» – тип әйтһәгеҙ, шулай булыр. Доға ҡылғанда нимә һораһағыҙ ҙа, ышанһағыҙ, ҡабул булыр, – тип яуапланы Ғайса. Ғайса Алла йортона инеп аң-белем биргәндә, янына баш ҡаһиндар һәм халыҡ аҡһаҡалдары килде. Улар: – Быларҙы Һин ниндәй вәкәләт менән эшләйһең? Был вәкәләтте Һиңә кем бирҙе? – тип һораны. – Мин дә һеҙгә бер һорау бирәм, – тине Ғайса. – Әгәр ҙә яуап ҡайтарһағыҙ, Мин дә быларҙы ниндәй вәкәләт менән башҡарыуымды әйтермен. Яхъяның һыуға сумдырыу хоҡуғы ҡайҙан бирелгән? Күктәнме, әллә кешеләрҙәнме? Тегеләр үҙ-ара: – Әгәр: «Күктән», – тиһәк, Ул: «Ниңә һуң һеҙ уға ышанманығыҙ?» – тип һораясаҡ. «Кешеләрҙән», – тиһәк, халыҡтан ҡурҡабыҙ. Бөтөнөһө лә Яхъяны пәйғәмбәр тип иҫәпләй бит, – тиештеләр. Шуға күрә Ғайсаға: – Белмәйбеҙ, – тип яуап ҡайтарҙылар. – Улай булғас, Мин дә һеҙгә быларҙы ниндәй вәкәләт менән башҡарғанымды әйтмәйем, – тине Ғайса. – Ә бына был хаҡта ни әйтерһегеҙ? Бер кешенең ике улы булған. Беренсеһенең янына килеп, ул: «Улым, бөгөн йөҙөм баҡсаһына барып эшләп ҡайт әле», – тигән. Уныһы иһә: «Эшләгем килмәй», – тигән, ләкин бер аҙҙан кире уйлап, киткән. Атай кеше, икенсе улы янына килеп, шуны уҡ ҡабатлаған. Уныһы: «Барам, атай», – тигән, әммә бармаған. Аталарының ихтыярын ҡайһыһы үтәгән? – Беренсеһе, – тип яуап бирҙе тегеләр. Ғайса уларға былай тине: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Алла Батшалығына һалым йыйыусылар һәм фәхишәләр һеҙҙән алда инәсәк. Сөнки Яхъя һеҙгә тәҡүә булыу юлын күрһәтергә тип килгәйне, һеҙ уға ышанманығыҙ. Ә һалым йыйыусылар һәм фәхишәләр ышанды. Һеҙ, быны күреп тә, барыбер уйығыҙҙан кире ҡайтманығыҙ һәм уға ышанманығыҙ. Хәҙер икенсе ҡиссаны тыңлағыҙ. Ер биләүсе бер кеше булған. Ул йөҙөм баҡсаһы ултыртҡан, уны ҡойма менән уратып алған, йөҙөм иҙеү өсөн һыҡҡыс ҡаҙыған, ҡарауыл манараһы төҙөп ҡуйған да, баҡсаны йөҙөм үҫтереүселәргә ҡуртымға биреп, ситкә сығып киткән. Емеш йыйыр ваҡыт еткәс, уңышынан үҙ өлөшөн алырға тип хеҙмәтселәрен ебәргән. Йөҙөм үҫтереүселәр уның хеҙмәтселәрен тотоп, ҡайһыһын туҡмап, ҡайһыһын үлтереп, ҡайһыларын таш менән бәргесләгәндәр. Хужа тағы ла күберәк хеҙмәтселәрен ебәргән, әммә улар менән дә шундай уҡ хәл ҡабатланған. Ахырҙа: «Улыма хөрмәт күрһәтерҙәр», – тип уйлап, улын ебәргән. Әммә йөҙөм үҫтереүселәр, уның улын күргәс, бер-береһенә: «Был – вариҫ бит. Әйҙәгеҙ, уны үлтерәйек тә, уға ҡала торған мираҫ беҙҙеке булыр», – тиешкәндәр. Уны тотоп, йөҙөм баҡсаһынан тышҡа сығарып үлтергәндәр. Инде баҡса хужаһы, әйләнеп ҡайтҡас, был йөҙөм үҫтереүселәрҙе нимә эшләтер? – Уларҙы яуызлыҡтары өсөн ҡот осҡос үлемгә дусар итер һәм баҡсаны башҡа йөҙөм үҫтереүселәргә ҡуртымға бирер. Улары хужаға тейешле өлөштө ваҡытында биреп барыр, – тип яуап ҡайтарҙы баш ҡаһиндар һәм аҡһаҡалдар. – Ә һеҙ Изге Яҙмала: «Төҙөүселәр яраҡһыҙ тип ташлаған таш иң мөһим мөйөш ташы булды. Был Раббы тарафынан эшләнде – күҙ алдыбыҙҙағы ғәжәйеп хәл», – тигәнде бер ваҡытта ла уҡыманығыҙмы ни? – тине Ғайса. – Шуға күрә һеҙгә әйтәм: Алла Батшалығы, һеҙҙән тартып алынып, уның емешен килтергән халыҡҡа биреләсәк. Был таш өҫтөнә йығылған һәр кем селпәрәмә киләсәк, ә инде таш кемдең өҫтөнә төшә, шуны иҙәсәк. Баш ҡаһиндар һәм фарисейҙар, Ғайсаның ҡиссаларын тыңлап, Уның үҙҙәре тураһында һөйләгәнен аңланы. Улар Ғайсаны ҡулға алырға теләне, әммә халыҡтан ҡурҡты, сөнки халыҡ Ғайсаны пәйғәмбәр тип һанай ине. Ғайса, уларға мөрәжәғәт итеп, тағы ҡиссалар һөйләне: – Күктәр Батшалығы бер батшаның улына туй мәжлесе уҙғарыуына оҡшаған. Ул, мәжлескә саҡырылған ҡунаҡтарҙы йыйырға ниәтләп, хеҙмәтселәрен ебәргән, ләкин ҡунаҡтарҙың килгеһе килмәгән. «„Табыным әҙер инде: үгеҙҙәрем һәм һимертелгән малым һуйылған, бөтә нәмә етеш. Туй мәжлесенә килегеҙ“, – тигән һүҙҙәремде саҡырылған кешеләргә тапшырығыҙ», – тип ул бүтән хеҙмәтселәрен тағы ебәргән. Ләкин теге кешеләр, саҡырыуҙы һанға һуҡмайынса, үҙ эштәре буйынса таралышҡан: берәүҙәр баҫыуҙарына, икенселәр сауҙа эштәре менән сығып киткән. Ә башҡалары хеҙмәтселәрҙе тотоп хурлаған һәм үлтергән. Батша, ярһып, үлтереүселәрҙе юҡ итергә, ҡалаларын яндырырға әмер биреп, ғәскәрен ебәргән. Бынан һуң ул хеҙмәтселәренә: «Туй табыны әҙер, ләкин саҡырылған ҡунаҡтар быға лайыҡ булмай сыҡты. Юл саттарына сығып, кемде күрәһегеҙ, барыһын да туй мәжлесенә саҡырығыҙ», – тигән. Хеҙмәтселәр, юлға сығып, осраған бөтә кешене – яманын да, яҡшыһын да алып килгән. Мәжлес бүлмәһе ҡунаҡтар менән тулған. Батша, уларҙы күрергә ингәс, унда байрам кейеме кеймәгән бер кешегә иғтибар иткән һәм унан: «Дуҫ, нисек һин бында байрамса кейенмәй килдең?» – тип һораған. Теге өндәшмәгән. Батша хеҙмәтселәренә: «Быны, аяҡ-ҡулын бәйләп, тышҡы ҡараңғылыҡҡа сығарып ташлағыҙ. Унда илаған, теш шығырҙатҡан тауыштар ишетелер», – тигән. Сөнки саҡырылғандар күп, ләкин һайлап алырлыҡтары аҙ. Шунан һуң фарисейҙар йыйылып, Ғайсаны нисек итеп һүҙҙә эләктерергә, тип мәкер ҡорҙо. Улар үҙҙәренең шәкерттәрен Һируд батша яҡлылар менән бергә Ғайса янына ебәрҙе. – Остаз, – тине улар, – беҙ Һинең тура һүҙле булғаныңды һәм, дөрөҫлөктән ситкә тайпылмайынса, Алла юлына өйрәтеүеңде беләбеҙ. Һин бер кемдән дә ҡурҡмайһың, бер кемгә лә ярарға тырышмайһың. Шулай булғас, әйт әле беҙгә: нисек уйлайһың, ҡайсарға һалым түләү дөрөҫмө, әллә юҡмы? Ғайса уларҙың яуыз ниәтен аңлап: – Эй ике йөҙлөләр, ниңә һеҙ Миңә тоҙаҡ ҡораһығыҙ? – тине. – Һалымды ниндәй аҡса менән түләйһегеҙ, шуны Миңә күрһәтегеҙ! Уға динар килтереп бирҙеләр. – Бында кемдең һүрәте төшөрөлгән һәм исеме яҙылған? – тип һораны Ғайса. – Ҡайсарҙыҡы, – тинеләр. – Улайһа, ҡайсарҙыҡын – ҡайсарға, ә Алланыҡын Аллаға бирегеҙ, – тине Ғайса. Улар, быны ишетеп, хайран ҡалдылар. Шунан Уны ҡалдырып киттеләр. Саддукейҙар үленән терелеүҙе инҡар итә ине. Уларҙың ҡайһы берәүҙәре шул көндө Ғайса янына килеп ошондай һорау бирҙе: – Остаз, Муса ҡанунда: «Әгәр ҙә балаһы булмаған ир үлеп китһә, уның тол ҡалған ҡатынына туғаны өйләнеп, үлгән туғанының нәҫелен дауам итһен», – тигән. Беҙҙең арабыҙҙа ағалы-ҡустылы ете бер туған бар ине. Беренсеһе, өйләнгәс, нәҫел ҡалдырмайынса үлеп китте, ҡатыны ҡустыһына ҡалды. Икенсеһе менән дә, өсөнсөһөнән етенсеһенә тиклем бүтәндәре менән дә шундай хәл ҡабатланды. Аҙаҡ ҡатын да вафат булып ҡуйҙы. Шулай булғас, үлеләр терелгән ваҡытта ул был ете туғандың ҡайһыһының ҡатыны буласаҡ? Бөтәһе лә уның ире булған бит! – Һеҙ Изге Яҙманы ла, Алланың ҡөҙрәтен дә белмәйһегеҙ, шуға күрә яңылышаһығыҙ, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Терелгәс, улар өйләнмәҫтәр ҙә, кейәүгә лә сыҡмаҫтар. Улар күктәге фәрештәләр һымаҡ булырҙар. Ә үлгәндәрҙең терелеп тороуына килгәндә, был хаҡта Алланың һеҙгә нимә тигәнен уҡыманығыҙмы ни? «Мин – Ибраһим Аллаһы, Исхаҡ Аллаһы һәм Яҡуп Аллаһы», – тигән Ул. Алла – үлеләрҙең түгел, ә тереләрҙең Аллаһы. Ғайсаны тыңлаған халыҡ Уның өйрәтеүҙәренә таң ҡалды. Ғайсаның саддукейҙарҙың ауыҙын япҡанын ишеткәс, фарисейҙар бергә йыйылды. Улар араһындағы бер ҡанун белгесе Ғайсаны һынарға теләп: – Остаз, ҡанундағы бойороҡтарҙың ҡайһыһы иң мөһиме? – тип һораны. – «Аллаң Раббыны бөтә йөрәгең, бөтә йәнең һәм бөтә аҡылың менән ярат», – тине Ғайса. – Был беренсе һәм иң мөһим бойороҡ. Икенсеһе лә шундай уҡ: «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат». Бөтә ҡанун һәм пәйғәмбәрҙәрҙең һүҙҙәре ошо ике бойороҡҡа нигеҙләнгән. Бергә йыйылған фарисейҙарҙан Ғайса: – Һеҙ Мәсих хаҡында нимә уйлайһығыҙ? Ул кемдең Улы? – тип һораны. – Дауыт Улы, – тип яуап бирҙе улар. – Ә нисек Дауыт, Изге Рух тәьҫире аҫтында булып, Мәсихте Хакимым тип атай ала? – тип һораны Ғайса. – Ул бит әйтә: «Раббы минең Хакимыма: „Мин дошмандарыңды аяҡтарың аҫтына һалғанға тиклем, уң яғымда ултыр“, – тигән». Әгәр Дауыт Уны Хакимым тип атай икән, нисек инде Мәсих Дауыттың Улы була ала? Бер кем дә Уға яуап ҡайтара алманы. Шул көндән алып берәү ҙә Ғайсаға һорау бирергә баҙнат итмәне. Бынан һуң Ғайса халыҡҡа һәм Үҙенең шәкерттәренә мөрәжәғәт итте: – Муса урынын фарисейҙар һәм ҡанун белгестәре биләп алды. Шуға күрә уларҙы тыңлағыҙ һәм ҡушҡандарын үтәгеҙ, ләкин ҡылғандарын ҡабатламағыҙ, сөнки улар бер төрлө һөйләй, икенсе төрлө эшләй. Улар, күтәргеһеҙ ауыр йөктәрҙе бәйләп, кешеләрҙең иңенә һала, ә үҙҙәре уны ҡуҙғатып ебәрер өсөн бармаҡ та ҡыбырлатмай. Ни генә башҡарһалар ҙа, кешеләр күрһен, тип эшләйҙәр. Улар маңлайҙарындағы һәм ҡулдарындағы доға ҡабын киңәйтә, өҫ кейемдәренең суҡтарын оҙонайта. Табындың түрендә һәм ғибәҙәтханаларҙа дәрәжәле урындарҙа ултырырға яраталар. Баҙар майҙандарында кешеләрҙең башлап сәләм биргәндәрен һәм үҙҙәренә «остаз» тип мөрәжәғәт иткәндәрен хуш күрә. Ә һеҙ үҙегеҙҙе «остаз» тип атарға рөхсәт итмәгеҙ, сөнки һеҙҙең бер генә Остазығыҙ бар, ә һеҙ – бер-берегеҙгә туған. Ерҙә бер кемде лә «ата» тип исемләмәгеҙ, сөнки һеҙҙең бер генә – күктәге Атағыҙ ғына бар. Һеҙҙе «уҡытыусы» тип тә атамаһындар, сөнки һеҙҙең берҙән-бер Уҡытыусығыҙ – Мәсих. Арағыҙҙа иң бөйөгө кем, шул һеҙҙең хеҙмәтсегеҙ булһын. Кем үҙен-үҙе күтәрә, шул түбәнһетелер, ә кем үҙен түбәнһетә, шул күтәрелер. Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Үҙегеҙ тотҡан иманға тик берәүҙе генә булһа ла килтерер өсөн, диңгеҙҙәр һәм ҡоро ерҙәр аша үтәһегеҙ. Ә инде маҡсатығыҙға өлгәшкәс, уны үҙегеҙгә ҡарағанда йәһәннәмгә икеләтә лайыҡлыраҡ итәһегеҙ. Ҡайғы һеҙгә, һуҡыр юлбашсылар! Һеҙ: «Алла йорто менән ант иткән кешенең анты бер ни ҙә тормай, әммә кемдер Алла йортоноң алтыны менән ант итә икән, ул уны үтәргә тейеш», – тип өйрәтәһегеҙ. Алйоттар, һуҡырҙар! Ҡайһыһы мөһимерәк: алтынмы әллә алтынды изге итеүсе Алла йортомо? Һәм тағы: «Ҡорбан усағы менән ант иткән кешенең анты бер ни ҙә тормай, ҡорбан усағындағы бүләк менән ант итһә инде, ул уны үтәргә тейеш», – тиһегеҙ. Һуҡырҙар! Ҡайһыһы мөһимерәк: бүләкме, әллә бүләкте изге итеүсе ҡорбан усағымы? Шуға күрә ҡорбан усағы менән ант иткән кеше уның менән дә, уның өҫтөндәге бөтә нәмә менән дә ант иткән була. Алла йорто менән ант иткән кеше уның менән дә, уның эсендә Йәшәүсе менән дә ант иткән була. Ә күк менән ант иткән кеше Алла тәхете һәм унда Ултырыусы менән ант иткән була. Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Һеҙ бөтнөктөң, укроптың һәм аҡ әнистең ундан бер өлөшөн ғөшөр саҙаҡаһы итеп бирәһегеҙ, ә ҡанундағы иң мөһим талаптарҙы – ғәҙеллекте, шәфҡәтте һәм Аллаға тоғролоҡто – инҡар итәһегеҙ. Бына шуныһын эшләргә, шунан башҡаһын да онотмаҫҡа кәрәк ине. Һуҡыр юлбашсылар! Һеҙ серәкәйҙе һөҙөп алаһығыҙ, ә дөйәне йотоп ебәрәһегеҙ! Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Һеҙ һауыт-һабаның тышҡы яғын таҙартаһығыҙ, ә эстә улар ҡомһоҙлоҡ һәм тыйнаҡһыҙлыҡ менән тулы. Һуҡыр фарисей, һин тәүҙә һауыттың эсен таҙарт, шунда уның тышы ла таҙа булыр! Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Һеҙ ағартылған ҡәбер мәмерйәләре кеүекһегеҙ: тыштан улар матур булып күренә, ә эсе мәйет һөйәктәре һәм төрлө шаҡшы нәмә менән тулы. Һеҙ ҙә шундай уҡ: тыштан кешеләргә тәҡүә булып күренәһегеҙ, ә эсегеҙ тулы ике йөҙлөлөк һәм ҡанунһыҙлыҡ. Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Һеҙ пәйғәмбәрҙәр өсөн төрбәләр төҙөйһөгөҙ һәм тәҡүә кешеләрҙең ҡәберҙәрендәге һәйкәлдәрҙе биҙәйһегеҙ. «Әгәр ҙә беҙ ата-бабаларыбыҙ заманында йәшәгән булһаҡ, улар менән бергә пәйғәмбәрҙәрҙең ҡанын түгеүҙә ҡатнашмаған булыр инек», – тиһегеҙ. Бының менән һеҙ үҙегеҙҙе пәйғәмбәрҙәрҙе үлтереүсе ата-бабаларығыҙҙың улдары икәнлегегеҙҙе күрһәтәһегеҙ. Йә, әйҙәгеҙ, ата-бабаларығыҙ башлағанды тамамлап ҡуйығыҙ! Һеҙ – йыландар һәм йылан тоҡомо! Йәһәннәмгә хөкөм ителеүҙән нисек ҡасырға уйлайһығыҙ? Шуға күрә Мин һеҙгә пәйғәмбәрҙәрҙе, аҡыл эйәләрен һәм ысын ҡанун белгестәрен ебәрәм. Һеҙ уларҙың берәүҙәрен үлтерерһегеҙ, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡларһығыҙ, бүтәндәрен ғибәҙәтханаларҙа ҡамсылатып, ҡаланан ҡалаға ҡыуып йөрөтөрһөгөҙ. Шулай итеп, тәҡүә Һабил ҡанынан алып, һеҙ ҡорбан усағы менән Изге йорт араһында үлтергән Бәрәхъяһ улы Зәкәрьяһтың ҡанына тиклем, ер йөҙөндә түгелгән бөтә тәҡүә кешеләрҙең ҡаны һеҙҙең башығыҙға төшәсәк. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: быларҙың һәммәһе ошо быуын кешеләренә төшәсәк! Эй Йәрүсәлим! Пәйғәмбәрҙәрҙе үлтереүсе, Алла тарафынан үҙенә ебәрелгәндәрҙе таш бәреп һәләк итеүсе Йәрүсәлим! Ҡош үҙенең ҡошсоҡтарын ҡанат аҫтына йыйған кеүек, Мин дә һинең балаларыңды нисә тапҡыр шулай бергә йыйырға теләнем, ләкин һеҙ килергә теләмәнегеҙ! Инде хәҙер Изге йортоғоҙҙо ташлап китәсәктәр, ул ташландыҡ хәлдә ҡаласаҡ. Һеҙгә әйтәм, ошо мәлдән башлап: «Раббы исеме менән Килеүсе мөбәрәк!» – тип әйтер ваҡытығыҙ етмәй тороп, Мине күрмәйәсәкһегеҙ! Ғайса Алла йортонан сығып барғанда, Уға Алла йортоноң биналарын күрһәтер өсөн, янына шәкерттәре килде. Ғайса: – Быларҙың һәммәһен дә күрәһегеҙме? – тип һораны. – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар барыһы ла ҡыйраласаҡ! Бында таш өҫтөндә таш ҡалмаясаҡ. Ул Зәйтүн тауында ултырған саҡта, эргәһенә шәкерттәре үҙҙәре генә килеп: – Әйт әле беҙгә, һөйләгәндәрең ҡасан булыр? Һинең килеүеңде һәм был донъяның бөтәсәген ниндәй билдәләр күрһәтер? – тип һоранылар. Ғайса былай тип яуап бирҙе: – Һаҡ булығыҙ, берәйһе һеҙҙе алдап ҡуймаһын! Күптәр: «Мин – Мәсих», – тип Минең исемем менән килеп, бик күптәрҙе юлдан яҙҙырыр. Һеҙ яҡындағы һуғыш тауыштарын һәм алыҫтағы яу хәбәрҙәрен ишетерһегеҙ. Ҡарағыҙ уны, ҡурҡмағыҙ! Шулай булырға тейеш, ләкин был ахыры түгел әле. Халыҡ – халыҡҡа һәм батшалыҡ батшалыҡҡа ҡаршы күтәрелер, урыны-урыны менән аслыҡ һәм ер тетрәүҙәр булыр, әммә быларҙың барыһы ла – тулғаҡ тотоу ғазаптарының башы ғына. Ул ваҡытта һеҙҙе ғазапҡа һалырҙар, үлтерерҙәр, бөтә халыҡтар ҙа Минең арҡала һеҙгә нәфрәт менән ҡарар. Шул саҡта күптәр имандан ваз кисер, бер-береһенә хыянат итер һәм бер-береһен дошман күрер. Күп ялған пәйғәмбәрҙәр баш ҡалҡытып, күптәрҙе юлдан яҙҙырыр. Яуызлыҡ артыу арҡаһында, байтаҡтарҙың мөхәббәте һыуыныр. Ләкин аҙаҡҡа тиклем сыҙаған кеше ҡотоласаҡ. Барса халыҡтар Алла Батшалығы хаҡындағы ошо Һөйөнөслө Хәбәрҙе ишетһен өсөн, ул бөтә донъяла иғлан ителер. Ана шунан һуң аҙағы килер. Ә инде Даниил пәйғәмбәр әйткән «ташландыҡ хәлгә килтереүсе ерәнгес бер нәмәнең» Изге урында тороуын үҙегеҙ күргәс (был һүҙҙәрҙе уҡыған кеше аңлаһын!), Йәһүҙиәлә булғандар тауҙарға ҡасһын. Өй ҡыйығында булғандар, әйберҙәрен алыр өсөн аҫҡа төшөп, ваҡытын әрәм итмәһен; баҫыуҙа булғандар иһә өҫ кейемен алырға тип өйөнә ҡайтмаһын. Ул көндәрҙә йөклө булған йәки имсәк балалы ҡатындарға ҡайғы! Ҡасыуығыҙ ҡышҡа йәки шәмбе көнгә тап килмәһен тип доға ҡылығыҙ. Ул ваҡытта донъя яратылғандан бирле бөгөнгө көнгә тиклем булмаған һәм бер ҡасан да булмаясаҡ ҙур афәт килер. Әгәр ул көндәр ҡыҫҡартылмаһа, бер кем дә иҫән ҡала алмаҫ ине. Ләкин һайланғандар хаҡына ул көндәр ҡыҫҡартыласаҡ. Әгәр һеҙгә шул ваҡытта кемдер: «Ҡара, Мәсих бында!» йәки «Ул тегендә!» – тиһә, ышанмағыҙ. Сөнки ялған мәсихтәр һәм ялған пәйғәмбәрҙәр баш ҡалҡытыр. Улар, әгәр булдыра алһалар, хатта һайлап алынғандарҙы юлдан яҙҙырыу өсөн, иҫ киткес хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрһәтер. Бына ошолар хаҡында Мин һеҙгә алдан әйттем. Шулай итеп, әгәр һеҙгә: «Ҡарағыҙ, Ул сүлдә», – тиһәләр, унда бармағыҙ, йәки: «Бына Ул, эске бүлмәлә», – тиһәләр, ышанмағыҙ. Әҙәм Улының килеүе күктә көнсығыштан көнбайышҡа тиклем йәшен ялтлап киткән кеүек булыр. Мәйет ҡайҙа булһа, ҡоҙғондар шунда йыйылыр. Шунда уҡ, ул көндәрҙәге афәттән һуң, «Ҡояш ҡарайыр, ай нурын сәсмәҫ, күктән йондоҙҙар ҡойолор һәм күк көстәре тетрәр». Шул мәлдә күктә Әҙәм Улының билдәһе күренер һәм, Уның күктәге болоттар өҫтөндә ҡөҙрәт һәм бөйөк балҡыш менән килгәнен күреп, ерҙәге бөтә халыҡтар ҡайғырып илашыр. Көслө борғо тауышы аҫтында Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләрен ебәрер. Улар ерҙең дүрт тарафынан һәм күктең бер сигенән алып икенсе сигенә тиклем Уның һайланғандарын йыйыр. Инжир ағасынан ғибрәт алығыҙ. Уның ботаҡтары бөрөләнеп япраҡ ярған саҡта, һеҙ йәй яҡынлашҡанын беләһегеҙ. Шуның кеүек, быларҙың ғәмәлгә ашҡанын күргәс, Әҙәм Улының яҡында, ишек төбөндә генә булғанын белерһегеҙ. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: быларҙың барыһы ла әлеге быуын алмашынып өлгөрмәҫ элек ғәмәлгә ашыр. Күк менән ер юҡҡа сығыр, әммә Минең һүҙҙәрем бер ваҡытта ла юҡҡа сыҡмаясаҡ. Ул көндөң һәм ул сәғәттең ҡасан килерен һис кем белмәй: күктәге фәрештәләр ҙә, Атаның Улы ла. Был хаҡта бары тик Ата ғына белә. Нух заманында нисек булһа, Әҙәм Улы килгән мәлдә лә шулай буласаҡ. Туфан алдынан кешеләр ашағандар, эскәндәр, өйләнгәндәр һәм кейәүгә сыҡҡандар. Нух кәмәгә ингән көнгә тиклем шулай булған. Туфан күтәрелеп, бөтөнөһөн ағыҙып алып киткәнсе, улар бер ни ҙә аңламаған. Әҙәм Улы килгән мәлдә лә шулай буласаҡ. Ул ваҡытта баҫыуҙағы ике кешенең береһе алыныр, икенсеһе ҡалдырылыр. Ашлыҡ тартыусы ике ҡатындың береһе алыныр, икенсеһе ҡалдырылыр. Шуға күрә уяу булығыҙ! Хакимығыҙҙың ҡайһы көндә ҡайтыры һеҙгә билдәһеҙ бит. Әммә шуны белегеҙ: әгәр ҙә өй хужаһына төндөң ҡайһы мәлендә ҡараҡтың килере мәғлүм булһа, ул йоҡламаҫ, уғрыға өйөнә инергә юл ҡуймаҫ ине. Шуның кеүек, һеҙ ҙә әҙер булығыҙ: Әҙәм Улы һеҙ көтмәгән сәғәттә килер. Ә ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе ниндәй була? Әйтәйек, ризыҡты ваҡытында өләшер өсөн, хужа хеҙмәтселәренең береһен башҡалары өҫтөнән ҡуя. Хужаһы ҡайтып, эштең үҙе әйткәнсә үтәлгәнен күрһә, ул хеҙмәтсе ниндәй бәхетле! Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: хужаһы уны бөтә мөлкәте өҫтөнән идара итергә ҡуясаҡ. Ләкин ул хеҙмәтсе яман кеше булһа һәм: «Хужам тиҙ генә ҡайтмаҫ әле», – тип уйлап, башҡа хеҙмәтселәрҙе туҡмарға тотонһа һәм эскеселәр менән ашап-эсеп йөрөһә, хужаһы ул көтмәгән көндә һәм уйламаған сәғәттә ҡайтып төшөр. Ул хеҙмәтсене ҡаты язаға тарттырыр һәм ике йөҙлөләр менән бер яҙмышҡа дусар итер: унда илаған, теш шығырҙатҡан тауыштар ишетелер. Ул ваҡытта Күктәр Батшалығы, ҡулдарына яҡтыртҡыс тотоп, кейәү ҡаршыларға сыҡҡан ун ҡыҙға оҡшаш булыр. Ҡыҙҙарҙың бишеһе – алйот, бишеһе иһә аҡыллы булған. Алйоттары яҡтыртҡыстар алған, ә улар өсөн май алмаған. Аҡыллылары иһә яҡтыртҡыстар менән бергә һауыттарҙа май ҙа алған. Кейәү тотҡарланыу арҡаһында, ҡыҙҙар ойоп киткән һәм йоҡоға талған. Төн уртаһында: «Кейәү килә, уны ҡаршыларға сығығыҙ!» – тип ҡысҡырған тауыш ишетелгән. Шунда бөтә ҡыҙҙар уянып, яҡтыртҡыстарын рәтләргә тотонған. Алйоттары аҡыллы ҡыҙҙарға: «Беҙҙең яҡтыртҡыстарыбыҙ һүнә, әҙерәк май бирегеҙсе», – тип үтенгән. Ә аҡыллылары: «Юҡ, беҙҙең май бөтәбеҙгә лә етмәҫ. Иң яҡшыһы, һатыусыларға барығыҙ ҙа үҙегеҙгә май һатып алығыҙ», – тип яуап биргән. Тегеләр май һатып алып йөрөгән арала, кейәү килеп еткән. Уны ҡаршыларға әҙер торған ҡыҙҙар иһә кейәү менән бергә туй мәжлесенә инеп киткән һәм артынан ишек ябылған. Бынан һуң бүтән ҡыҙҙар ҙа килеп етеп: «Әфәнде, әфәнде, беҙгә ишек ас!» – тип үтенгән. Ләкин ул: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: мин һеҙҙе белмәйем», – тип яуап ҡайтарған. Шуға күрә уяу булығыҙ: һеҙ бит көнөн дә, сәғәтен дә белмәйһегеҙ. Күктәр Батшалығы ул ваҡытта шулай булыр: бер кеше, сәфәргә сығып китер алдынан, хеҙмәтселәрен саҡырып, үҙенең мал-мөлкәтен уларға ышанып тапшырған. Һәр ҡайһыһының һәләтенә ҡарап, береһенә ул биш талант, икенсеһенә ике талант, өсөнсөһөнә бер талант күләмендә аҡса биргән дә үҙе юлға сыҡҡан. Биш талант алғаны уны шунда уҡ эшкә файҙаланған һәм өҫтәмә биш талант алған. Ике талант алғаны ла шулай уҡ тағы ике талант эшләп алыуға өлгәшкән. Ә бер талант алғаны иһә, хужаһының аҡсаһын ергә күмеп, йәшереп ҡуйған. Күп ваҡыт уҙғас, хеҙмәтселәрҙең хужаһы әйләнеп ҡайтҡан һәм уларҙан хисап талап иткән. Биш талант алғаны тағы биште килтергән. «Хужам, – тигән ул, – һин миңә биш талант биргәйнең. Бына, мин тағы биште эшләп алдым». Хужаһы уға: «Яҡшы иткәнһең, һин – һәйбәт һәм ышаныслы хеҙмәтсе. Кескәй эштә ышаныслы булдың, хәҙер инде мин һиңә ҙурырағын йөкмәтермен. Килеп, хужаңдың шатлығын уртаҡлаш», – тигән. Ике талант алғаны ла килеп еткән: «Хужам, һин миңә ике талант биргәйнең. Бына, мин тағы ике талант эшләп алдым». Хужаһы уға: «Яҡшы иткәнһең, һин – һәйбәт һәм ышаныслы хеҙмәтсе. Кескәй эштә ышаныслы булдың, хәҙер инде мин һиңә ҙурырағын йөкмәтермен. Килеп, хужаңдың шатлығын уртаҡлаш», – тигән. Ниһайәт, бер талант алғаны килгән: «Хужам, һинең аяуһыҙ икәнеңде беләм: үҙең сәсмәгән ерҙә ураһың, үҙең һипмәгән ерҙә йыяһың. Мин һинән ҡурҡтым да талантыңды ергә күмеп торҙом. Бына аҡсаң, ал үҙеңә», – тигән. Хужаһы иһә уға былай тип яуап ҡайтарған: «Булдыҡһыҙ, ялҡау хеҙмәтсе! Сәсмәгән ерҙә урыуымды, һипмәгән ерҙә йыйыуымды белгәс, аҡсаларымды әйләнешкә индерергә кәрәк ине. Ҡайтҡас, мин үҙемдекен табышы менән алған булыр инем». Шунан хужа: «Ундағы бер талантты алығыҙ ҙа ун таланты булғанына бирегеҙ. Сөнки кемдә бар, шуға бирелер, һәм унда артығы менән булыр. Кемдең юҡ, унан булғаны ла тартып алыныр. Ә был булдыҡһыҙ хеҙмәтсене тышҡа, ҡараңғылыҡҡа сығарып ташлағыҙ: унда илаған, теш шығырҙатҡан тауыштар ишетелер», – тине. Әҙәм Улы, Үҙенең фәрештәләре менән балҡып торған шөһрәтендә килгәс, батша тәхетенә ултырасаҡ. Уның ҡаршыһына барлыҡ халыҡтар килтереләсәк. Ул, һарыҡтарҙы кәзәләрҙән айырған көтөүсе һымаҡ, кешеләрҙе икегә айырыр. Һарыҡтарҙы Үҙенең уң яғына, ә кәзә тәкәләрен һул яғына баҫтырыр. Шунда, уң яғында тороусыларға Батша: «Килегеҙ, Минең Атам тарафынан фатиха алғандар! Донъя яратылған саҡта уҡ һеҙҙең өсөн әҙерләп ҡуйылған Батшалыҡты алығыҙ. Сөнки ас инем, Мине ашаттығыҙ; һыуһаған инем, эсергә бирҙегеҙ; мосафир инем, өйөгөҙҙә ҡабул иттегеҙ; яланғас инем, кейендерҙегеҙ; ауырыу инем, хәстәрләнегеҙ; төрмәлә инем, хәлемде белергә килдегеҙ», – тип әйтер. Шунда тәҡүә кешеләр: «Хакимыбыҙ! Ҡасан беҙ, ас йөрөгәнеңде күреп, Һине ашаттыҡ; һыуһағаныңды күреп, эсерҙек? Ҡасан беҙ, мосафир икәнеңде күреп, Һине өйөбөҙҙә ҡабул иттек; яланғас булыуыңды күреп, кейендерҙек? Ҡасан беҙ, ауырығаныңды һәм төрмәлә ултырғаныңды күреп, хәлеңде белергә барҙыҡ?» – тип һорарҙар. Батша уларға яуабында: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең иң кесе туғандарымдың береһенә генә лә нимә эшләгән булһағыҙ, шуны Миңә эшләгәнһегеҙ», – тиер. Унан һуң Ул Үҙенең һул яғында тороусыларға әйтер: «Китегеҙ Минең янымдан, ләғнәт төшкәндәр! Иблискә һәм уның фәрештәләренә әҙерләп ҡуйылған мәңгелек утҡа барығыҙ! Сөнки ас инем, һеҙ Мине ашатманығыҙ; һыуһаған инем, эсергә бирмәнегеҙ, мосафир инем, өйөгөҙҙә ҡабул итмәнегеҙ; яланғас инем, кейендермәнегеҙ; ауырыу сағымда һәм төрмәлә ултырғанда хәлемде белергә килмәнегеҙ». Шунда былары ла: «Хакимыбыҙ! Ҡасан беҙ Һинең ас йөрөгәнеңде, һыуһағаныңды, мосафирлығыңды, яланғас, ауырыу булғаныңды, төрмәлә ултырғаныңды күреп тә, Һиңә ярҙам итмәнек?» – тип һорарҙар. Шул саҡта Ул: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙ бынау иң кесе йәндәрҙең береһенә эшләмәгән нәмәне Миңә лә эшләмәнегеҙ», – тиер. Улар мәңгелек язаға, ә тәҡүә булғандар мәңгелек тормошҡа китер. Ғайса был һүҙҙәрен тамамлағас, шәкерттәренә: – Ике көндән Ҡотҡарылыу байрамы булғанын беләһегеҙ. Шунда Әҙәм Улын арҡысаҡҡа ҡаҙаҡларға тапшырасаҡтар, – тине. Ошо ваҡытта баш ҡаһиндар һәм халыҡ аҡһаҡалдары Ҡаяфас исемле иң баш ҡаһиндың һарайында йыйылғайны. Улар, Ғайсаны хәйлә менән ҡулға алып, үлтерергә һүҙ беркетте. «Тик быны байрам осоронда эшләмәйек, халыҡ араһында фетнә килеп сыҡмаһын», – тинеләр. Ғайса Бейт-Әниәлә махаулы Шимғондың өйөндә ине. Ашап ултырған сағында Уның янына, бик ҡиммәтле хуш еҫле май һалынған алебастр һауыт тотоп, бер ҡатын килеп инде һәм майҙы Ғайсаның башына ҡойҙо. Быны күргән шәкерттәре асыуланды: – Был майҙы ниңә шулай әрәм итергә? Уны ҡиммәт хаҡҡа һатып, аҡсаһын фәҡирҙәргә өләшергә булыр ине бит! Ғайса, шәкерттәренең ризаһыҙлығын белеп, уларға: – Ниңә һеҙ был ҡатындың хәтерен ҡалдыраһығыҙ? – тине. – Миңә яҡшылыҡ ҡылды бит ул. Фәҡирҙәр һәр ваҡыт янығыҙҙа, Мин иһә һеҙҙең менән гел булмам. Был ҡатын, тәнемә май ҡойоп, Мине ерләргә әҙерләне. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Һөйөнөслө Хәбәр донъяның ҡайһы ғына мөйөшөндә вәғәзләнмәһен, был ҡатынды ла иҫкә алып, уның ҡылған эше хаҡында һөйләйәсәктәр. Шунан һуң ун ике шәкерттең береһе, Йәһүҙә Искариот исемлеһе, баш ҡаһиндар янына барып: – Әгәр һеҙгә Ғайсаны тотторһам, миңә нимә бирерһегеҙ? – тип һораны. Улар Йәһүҙәгә утыҙ көмөш тәңкә һанап бирҙе. Ошо ваҡыттан алып ул Ғайсаны ҡаһиндар ҡулына тапшырыр өсөн уңайлы мәл эҙләне. Сөсө икмәк байрамының тәүге көнөндә шәкерттәре Ғайса янына килеп: – Ҡотҡарылыу байрамы ашын ҡайҙа әҙерләүебеҙҙе теләйһең? – тип һоранылар. Ғайса уларға: – Ҡалала йәшәгән шул-шул кешегә барып, уға: «Остазыбыҙ: „Билдәләнгән сәғәтем етеп килә. Мин Үҙемдең шәкерттәрем менән бергә Ҡотҡарылыу байрамы ашын һиндә ашармын“, – тине», – тип әйтегеҙ. Шәкерттәре, Ул ҡушҡанса эшләп, байрам ашы әҙерләне. Кис еткәс, Ғайса ун ике шәкерте менән бергә табынға ултырҙы. Ашап ултырғанда Ул: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: арағыҙҙан берегеҙ Миңә хыянат итәсәк, – тине. Улар, ауыр хәсрәткә төшөп, бер-бер артлы: – Хакимым, мин түгелдер бит? – тип һораша башланылар. Ул шәкерттәренә былай тине: – Икмәген минең менән бер һауытҡа манып ашағандарҙың береһе Миңә хыянат итәсәк. Әҙәм Улы Изге Яҙмала яҙылғандағыса китә. Әммә Әҙәм Улына хыянат итәсәк кешегә ҡайғы! Әгәр ҙә тыумаған булһа, уның өсөн яҡшыраҡ булыр ине. Уға хыянат итәсәк Йәһүҙә: – Остаз, мин түгелдер бит? – тип һораны. – Быны һин үҙең әйттең, – тип яуапланы Ғайса. Ашаған саҡта Ғайса ҡулына икмәк алып шөкөр итте лә, уны һындырып, шәкерттәренә өләште. – Алығыҙ, ашағыҙ, был – Минең тәнем, – тине Ул. Шунан Ул кәсә алды ла, шөкөр иткәндән һуң, уны шәкерттәренә биреп: – Бөтәгеҙ ҙә ошонан эсегеҙ, – тине. – Был – гонаһтарҙың ғәфү ителеүе хаҡына күптәр өсөн түгелә торған ҡаным. Ул – Алланың кешеләр менән килешеүен раҫлаусы ҡан. Һеҙгә әйтәм: бөгөндән алып, Атам Батшалығында һеҙҙең менән бергә яңы шарап эсер көн етмәй тороп, Мин инде йөҙөм шарабы эсмәйәсәкмен. Шөкөр мәҙхиәһен йырлағандан һуң, улар Зәйтүн тауына йүнәлде. Юл ыңғайы Ғайса уларға: – Ошо төндә һеҙ бөтәгеҙ ҙә Мине ташлаясаҡһығыҙ. Изге Яҙмала: «Көтөүсене һәләк итермен, шунда көтөүҙәге һарыҡтар таралышып бөтөр», – тип яҙылған. Ләкин, үленән терелеп торғандан һуң, Мин Галилеяға һеҙҙән алда барып етермен, – тине. Петрус иһә: – Бөтәһе лә Һине ташлап киткән хәлдә лә, мин бер ҡасан да ташламам! – тине. Ләкин Ғайса: – Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: ошо төндә, таң әтәсе ҡысҡырғанға тиклем, һин Мине өс тапҡыр инҡар итәсәкһең, – тип яуапланы. – Һинең менән бергә үлергә тура килһә лә, мин Һинән ваз кисмәйәсәкмен, – тине Петрус. Шәкерттәренең бөтәһе лә шулай тине. Ғайса шәкерттәре менән Геҫшемани тип аталған урынға килде. Шунда уларға: – Һеҙ ошонда ултырып тороғоҙ. Мин арыраҡ китеп доға ҡылайым, – тине. Ул Үҙе менән Петрусты һәм Зәбәҙәйостың ике улын алды. Ғайсаны һағыш һәм хәүеф солғап алды. Ул шәкерттәренә: – Күңелемде үлемесле ҡайғы баҫты. Һеҙ ошонда тороп тороғоҙ, Минең менән бергә уяу булығыҙ! – тине. Ул ситкәрәк китте лә ергә йөҙтүбән ятып доға ҡылды: – Атам! Мөмкин булһа, был ғазап туҫтағы Мине урап үтһен ине! Шулай ҙа Мин түгел, Һин теләгәнсә булһын. Ғайса, шәкерттәре янына килеп, уларҙың йоҡлап ятҡанын күрҙе. – Минең менән бергә бер генә сәғәт тә уяу ултыра алманығыҙмы ни? – тине Ул Петрусҡа. – Уяу булығыҙ, һынауға дусар булмаҫ өсөн, доға ҡылығыҙ. Рух ҡеүәтле, ә тән көсһөҙ! Ғайса тағы, икенсе тапҡыр ситкә китеп, доға ҡылды: – Атам! Әгәр Миңә был туҫтаҡты эсмәйенсә үткәреү мөмкин түгел икән, Һинең ихтыярың буйынса булһын! Ул, әйләнеп килеп, шәкерттәренең тағы йоҡлап ятҡанын күрҙе. Уларҙың күҙҙәрен йоҡо баҫҡайны. Уларҙы ҡалдырып, Ғайса йәнә ситкәрәк китте һәм шул уҡ һүҙҙәрҙе әйтеп өсөнсө тапҡыр доға ҡылды. Шунан, шәкерттәре янына әйләнеп килеп, уларға: – Һеҙ һаман йоҡлап ятаһығыҙмы, ял итәһегеҙме? – тине. – Бына, ваҡыт килде. Әҙәм Улы гонаһлылар ҡулына тотоп биреләсәк. Тороғоҙ, китәйек! Ана, Миңә хыянат итеүсе килә. Ғайса һүҙен әйтеп тә бөтөрмәне, ун ике шәкерттең береһе – Йәһүҙә килеп сыҡты. Уның менән бергә, ҡылыс-суҡмарҙар күтәреп, баш ҡаһиндар һәм халыҡ аҡһаҡалдары ебәргән күп һанлы кешеләр төркөмө күренде. Хыянатсы: «Мин кемде үбәм, шул Ғайса булыр. Уны тотоғоҙ», – тип улар менән алдан уҡ һүҙ беркетеп ҡуйғайны. Йәһүҙә йәһәт кенә Ғайса янына килде лә: – Һаумы, Остаз! – тип Уны үбеп алды. Ғайса уға: – Ниндәй ниәт менән килгән булһаң, шуны ҡыл, дуҫым! – тине. Бынан һуң Йәһүҙә менән булған кешеләр килделәр ҙә, Ғайсаны тотоп, һаҡ аҫтына алдылар. Ғайса менән булғандарҙың береһе ҡынынан ҡылысын һурып сығарҙы ла, иң баш ҡаһиндың хеҙмәтсеһенә һелтәнеп, уның ҡолағын сабып өҙҙө. Ғайса уға: – Ҡылысыңды ҡыныңа тыҡ! Ҡулына ҡылыс алған һәр кем ҡылыстан һәләк булыр! – тине. – Әллә Мин Атама мөрәжәғәт итә алмам, тип уйлайһыңмы? Һораһам, Ул шунда уҡ Миңә ун ике легиондан да артыҡ фәрештәләр ғәскәрен ебәргән булыр ине! Әммә ул ваҡытта Изге Яҙмаларҙа, ошолай булырға тейеш, тип яҙылғандар нисек ғәмәлгә ашһын? Шунда Ғайса кешеләр төркөмөнә: – Һеҙ ни өсөн Мине тоторға ҡылыс һәм суҡмарҙар күтәреп киләһегеҙ? Юлбаҫармы ни Мин? Көн һайын Алла йортонда һеҙҙе өйрәтеп ултырҙым. Һеҙ шунда Мине тотманығыҙ. Әммә быларҙың бөтәһе лә пәйғәмбәрҙәрҙең яҙғандары ғәмәлгә ашһын өсөн булды, – тине. Шунда бөтә шәкерттәре Уны ташлап ҡасып китте. Ғайсаны ҡулға алған кешеләр Уны иң баш ҡаһин Ҡаяфасҡа алып килделәр. Унда ҡанун белгестәре һәм аҡһаҡалдар йыйылғайны. Петрус иһә, арттараҡ ҡалып, иң баш ҡаһиндың ихатаһына тиклем Ғайсаға эйәреп барҙы. Ихатаға ингәс, ахыры нимә менән бөтөрөн күрер өсөн, һаҡсылар эргәһенә барып ултырҙы. Баш ҡаһиндар һәм бөтә Юғары кәңәшмә, Ғайсаны үлем язаһына тарттырыу өсөн, Уға ҡаршы ялған шаһитлыҡ эҙләне. Ләкин күп ялған шаһиттар килеп һөйләһә лә, Уның бер ғәйебен дә таба алманылар. Ниһайәт, шаһитлыҡ итергә ике кеше сыҡты. Улар: – Был кеше: «Мин Алла йортон емереп, уны өс көн эсендә яңынан төҙөй алам», – тип әйтте, – тинеләр. Иң баш ҡаһин урынынан тороп, Ғайсаға: – Һин быларҙың ғәйепләүенә бер нисек тә яуап ҡайтармайһыңмы ни? – тине. Ғайса бер нәмә лә өндәшмәне. Иң баш ҡаһин Унан: – Тере Алла алдында ант итеп әйтеүеңде талап итәм: Һин Алла Улы Мәсихме? – тип һораны. Ғайса уға: – Быны һин үҙең әйттең, – тип яуап бирҙе. – Ә Мин һеҙгә шуны әйтәм: ошо мәлдән башлап Әҙәм Улының ҡөҙрәт Эйәһенең уң яғында ултырғанын һәм күктәге болоттар өҫтөндә килгәнен күрерһегеҙ! Шунда иң баш ҡаһин үҙенең өҫ кейемен йыртып: – Ул көфөр һөйләне! Беҙгә башҡа шаһиттарҙың нимәгә кәрәге бар? Уның Алланы хурлаған һүҙҙәрен әле генә үҙегеҙ ишеттегеҙ! Ниндәй ҡарар сығараһығыҙ? – тип һораны. – Ул ғәйепле һәм үлергә тейеш, – тине улар. Шунан Ғайсаның йөҙөнә төкөрөп, йоҙроҡлап туҡмай башланылар. Ҡайһылары: – Эй, Мәсих, пәйғәмбәрлек итеп әйт беҙгә: Һиңә кем һуҡты? – тип Уның яңағына һуҡтылар. Был ваҡытта Петрус ихатала ултыра ине. Бер хеҙмәтсе ҡыҙ уның эргәһенә килеп: – Һин дә галилеялы Ғайса менән булдың бит, – тине. Әммә Петрус бөтәһе алдында быны инҡар итеп: – Һинең нимә һөйләгәнеңде аңламайым, – тине. Ул ҡапҡа яғына ыңғайлағайны, уны икенсе хеҙмәтсе ҡыҙ күреп, шунда тороусыларға: – Бына был да назаралы Ғайса менән булды, – тине. Петрус тағы ант менән: – Мин ул Әҙәмде белмәйем! – тип инҡар итте. Бер аҙҙан шунда торғандар уның янына килеп: – Һин ысынлап та шуларҙың береһе. Һөйләшеүеңдән үк күренеп тора, – тинеләр. Шунда Петрус: – Мин ул Кешене белмәйем! – тип ныҡышып ант итә башланы. Тап шул ваҡытта әтәс ҡысҡырҙы. Шунда Петрус Ғайсаның: «Әтәс ҡысҡырғансы, һин Мине өс тапҡыр инҡар итәсәкһең», – тигән һүҙҙәрен иҫенә төшөрҙө. Ул, урам яҡҡа сығып, әрнеп-әрнеп иланы. Иртән иртүк бөтә баш ҡаһиндар һәм халыҡ аҡһаҡалдары кәңәшкә йыйылып, Ғайса үлтерелергә тейеш, тигән ҡарар сығарҙы. Улар Ғайсаны бәйләп, өлкә идарасыһы Пилатосҡа алып барып тапшырҙылар. Хыянатсы Йәһүҙә, Ғайсаның үлемгә хөкөм ителгәнен белгәс, ҡылған эшенә үкенеп, баш ҡаһиндарға һәм аҡһаҡалдарға утыҙ көмөш тәңкәне ҡайтарып бирҙе лә: – Ғәйепһеҙ кешегә хыянат итеп, гонаһ ҡылдым, – тине. – Беҙгә нимә? Был һинең эшең, – тинеләр уға. Ул тәңкәләрҙе Алла йортонда атып бәрҙе лә сығып китеп аҫылынды. Баш ҡаһиндар тәңкәләрҙе йыйып алып: – Быларҙы Алла йорто ҡаҙнаһына һалырға ярамай, сөнки улар ҡан өсөн түләнгән хаҡ, – тинеләр. Кәңәшләшкәндән һуң, улар был аҡсаға сит ил кешеләрен ерләү өсөн көршәксенең ерен һатып алырға ҡарар сығарҙы. Шунлыҡтан ул ер Ҡан яланы тип атала башланы һәм әлеге көнгәсә шулай йөрөтөлә. Шулай итеп, Йермеяһ пәйғәмбәр аша әйтелгән һүҙҙәр ғәмәлгә ашты: «Улар Исраил кешеләре тарафынан Уның өсөн билдәләнгән хаҡты – утыҙ көмөш тәңкәне алды, һәм, Раббы миңә ҡушҡанса, уға көршәксенең ерен һатып алды». Ғайсаны идарасы ҡаршыһына баҫтырҙылар. Пилатос Унан: – Һин йәһүдтәр Батшаһымы? – тип һораны. – Быны һин үҙең әйттең, – тип яуапланы Ғайса. Баш ҡаһиндарҙың һәм аҡһаҡалдарҙың ғәйепләүенә иһә Ул яуап ҡайтарманы. Шунда Пилатос: – Үҙеңә ҡаршы әйтелгән был тиклем ғәйепләүҙәрҙе әллә Һин ишетмәйһеңме? – тип һораны. Ғайса бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Идарасы быға бик ғәжәпләнде. Идарасының бер ғәҙәте бар ине: ул һәр Ҡотҡарылыу байрамында халыҡтың теләге буйынса бер тотҡондо азат итә торғайны. Ул дәүерҙә яманаты киң таралған Бараббас исемле бер тотҡон бар ине. Халыҡ йыйылғас, Пилатос уларҙан: – Кемде азат итеүемде теләйһегеҙ: Бараббастымы, әллә Мәсих тип аталған Ғайсанымы? – тип һораны. Пилатос йәһүд башлыҡтарының Ғайсаны көнсөллөк арҡаһында тотоп биргәнен белә ине. Ул хөкөм итеү урынында ултырған саҡта, ҡатыны уға: «Был Кешегә ҡаршы бер ни ҙә эшләмә! Ул ғәйепһеҙ. Бөгөн төшөмдә Уның арҡаһында бик ғазапландым», – тип хәбәр иттерҙе. Баш ҡаһиндар һәм аҡһаҡалдар иһә, Бараббасты иреккә сығарыуҙы, ә Ғайсаны үлем язаһына тарттырыуҙы талап итергә тип, халыҡты ҡотортоп ҡуйғайны. Идарасы халыҡтан тағы: – Һеҙгә был икәүҙең ҡайһыһы кәрәк? Кемеһен азат итәйем? – тип һораны. – Бараббасты, – тинеләр. – Ә Мәсих тип аталған Ғайсаны нимә эшләтәйем? – тип һораны Пилатос. – Уны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! – тип яуап бирҙеләр бер ауыҙҙан. – Ул ниндәй яуызлыҡ ҡылған һуң? – тип һораны ул. – Уны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! – тип тағы ла нығыраҡ аҡырҙылар. Пилатос, бер нимә лә ярҙам итмәгәнен, киреһенсә, сыуалыш башланыу ихтималын күреп, һыу килтерергә ҡушты һәм халыҡ алдында ҡулдарын йыуҙы ла: – Был Кешенең түгелгән ҡаны өсөн мин ғәйепле түгелмен, быға һеҙ яуаплы! – тине. – Уның ҡаны беҙҙең һәм беҙҙең балаларыбыҙҙың өҫтөндә булһын! – тип яуап бирҙе бөтәһе лә. Шунан һуң Пилатос Бараббасты азат итте. Ә Ғайсаны, ҡамсылатҡандан һуң, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатыр өсөн тапшырҙы. Бынан һуң ғәскәриҙәр Ғайсаны идарасы һарайына алып китте. Унда Ғайсаны бөтә ғәскәри төркөм уратып алды. Улар Ғайсаның кейемдәрен систереп, ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге ябынса кейҙерҙеләр. Сәнскәктән таж үреп башына һалдылар, уң ҡулына таяҡ тотторҙолар ҙа алдында тубыҡланып: – Йәшәһен йәһүдтәр Батшаһы! – тип мыҫҡыллап көлдөләр. Өҫтөнә төкөрҙөләр, таяҡ алып башына һуҡтылар. Шулай мыҫҡыллағандан һуң, Ғайсаның өҫтөндәге ябынсаны систереп, Үҙенең кейемдәрен кейҙерҙеләр ҙә арҡысаҡҡа ҡаҙаҡларға алып киттеләр. Юлда улар Шимғон исемле Курене кешеһен осраттылар һәм уны Ғайсаның арҡысағын күтәреп барырға мәжбүр иттеләр. Голгоҫа, йәғни «Баш һөйәге урыны» тип аталған ергә барып еткәс, Ғайсаға үт ҡатыш шарап бирҙеләр. Ғайса уны тәмләп ҡараны, әммә эсергә теләмәне. Ғайсаны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлағас, йәрәбә һалып, үҙ-ара Уның кейемдәрен бүлешеп алдылар һәм шунда Уны һаҡлап ултырҙылар. Ғайсаның баш осона ғәйебен күрһәткән «Был – Ғайса, йәһүдтәр Батшаһы» тигән яҙыу ҡағып ҡуйҙылар. Ғайса менән бергә ике юлбаҫарҙы ла – береһен Уның уң яғына, икенсеһен һул яғына – арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланылар. Үтеп-һүтеп йөрөүселәр, баштарын сайҡап, Уны мыҫҡыл иттеләр: – Алла йортон емереп, уны өс көндә яңынан Төҙөүсе, ҡотҡар Үҙеңде! Алла Улы булһаң, төш арҡысаҡтан! Шулай уҡ ҡанун белгестәре, аҡһаҡалдар һәм баш ҡаһиндар ҙа Ғайсаны мыҫҡылланы: – Башҡаларҙы ҡотҡарҙы, ә Үҙен ҡотҡара алмай! Үҙе, имеш, Исраил Батшаһы! Хәҙер үк арҡысаҡтан төшһөн – ана шунда беҙ Уға ышанырбыҙ! Ул Аллаға ышана ине. Әгәр ҙә Алла Уны хуш күрһә, хәҙер Уны ҡотҡарһын! Ул Үҙен Алланың Улы тип атаны бит. Ғайса менән бергә ҡаҙаҡланған юлбаҫарҙар ҙа Уны шулай мәсхәрә итте. Көн үҙәгендә бөтә ер йөҙөн ҡараңғылыҡ ҡаплап алды һәм ул көндөҙгө сәғәт өскә тиклем дауам итте. Сәғәт өстәр тирәһендә Ғайса көслө тауыш менән: – Эли, Эли, лема сабахҫани? – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Был «Аллам, Аллам! Ниңә Һин Мине ташланың!» тигәнде аңлата. Яҡында тороусыларҙың ҡайһы берҙәре Уның һүҙҙәрен ишетеп: – Ильясты саҡыра, – тинеләр. Шунда уҡ уларҙың береһе йүгереп килеп һыу һеңдергесте әсе шарапҡа манды ла, уны таяҡҡа элеп, Ғайсаға эсергә бирҙе. Бүтән кешеләр быға: – Туҡта! Ҡарайыҡ әле: Ильяс Уны ҡотҡарырға килерме икән? – тинеләр. Ә Ғайса тағы бер тапҡыр көслө тауыш менән ҡысҡырҙы ла йән бирҙе. Шул саҡ Алла йортондағы пәрҙә өҫтән аҫҡа тиклем урталай йыртылып төштө. Ер тетрәне, ҡаялар ярылды, ҡәберҙәр асылып, үлгән изгеләрҙең күбеһе терелеп торҙо. Улар ҡәберҙәренән сыҡты, ә Ғайса терелгәс, изге Йәрүсәлим ҡалаһына инделәр, унда уларҙы күптәр күрҙе. Йөҙ башы һәм уның менән бергә Ғайсаны һаҡлаған ғәскәриҙәр, ер тетрәүҙе һәм башҡа хәлдәрҙе күргәс: – Ул ысынлап та Алла Улы булған икән! – тип ҡурҡыуға төштө. Унда булған хәлдәрҙе йыраҡтан ҡарап торған бик күп ҡатын-ҡыҙ ҙа бар ине. Улар Ғайсаға хеҙмәт итеү өсөн Галилеянан алып эйәреп йөрөгәйне. Араларында Магдала ҡалаһынан Мәрйәм, Яҡуп менән Йософтоң әсәһе Мәрйәм һәм Зәбәҙәйос улдарының әсәһе бар ине. Кис еткәс, Аримаҫаянан Йософ исемле бай кеше килде; ул да Ғайсаның шәкерте ине. Пилатос янына барып, ул Ғайсаның кәүҙәһен алырға рөхсәт һораны. Пилатос бирергә ҡушты. Йософ мәйетте таҙа етен туҡымаға ураны ла үҙенә тип ҡаяны өңөп яһаған яңы ҡәбергә алып барып һалды. Ҡәбер ауыҙына ҙур бер таш терәп китте. Магдалалы Мәрйәм менән икенсе Мәрйәм ҡәбер ҡаршыһында ултыра инеләр. Иртәгәһенә – ул шәмбе көн ине – Пилатос янында баш ҡаһиндар һәм фарисейҙар йыйылды. Улар: – Әфәндебеҙ, теге ялғансының иҫән сағында: «Мин өс көндән һуң терелеп торасаҡмын», – тип әйткәне иҫебеҙгә төштө, – тинеләр. – Өсөнсө көнгәсә ҡәберҙе һаҡларға бойороҡ бир, юғиһә, шәкерттәре килеп, Уның кәүҙәһен урлап алып китеүҙәре һәм халыҡҡа: «Ул үленән терелеп торҙо», – тип әйтеүҙәре мөмкин. Был һуңғы ялған беренсеһенән дә яманыраҡ булыр. – Һаҡсыларҙы алығыҙ ҙа, барып, ҡәберҙе үҙегеҙ белгәнсә һаҡлағыҙ, – тине Пилатос. Улар, ҡәбер янына барып, ауыҙына терәп ҡуйылған ташҡа мисәт баҫтылар һәм һаҡсылар ҡуйҙылар. Шәмбе үтеп, аҙнаның беренсе көнөнөң таңында магдалалы Мәрйәм менән башҡа Мәрйәм ҡәберҙе ҡарарға барҙы. Ҡапыл бик ныҡ ер тетрәне, Раббы фәрештәһе күктән төштө, ҡәбер янына килеп ташты шылдырҙы һәм шул таш өҫтөнә ултырҙы. Ул йәшен утылай ялтырай, ә кейеме ҡар төҫлө аҡ ине. Һаҡсылар, ҡурҡыштарынан ҡалтыранып, үлек кеүек ҡатып ҡалды. Фәрештә ҡатындарға былай тине: – Ҡурҡмағыҙ! Һеҙҙең арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған Ғайсаны эҙләгәнегеҙҙе беләм. Әммә Ул бында юҡ. Үҙе әйткәненсә, Ул терелде. Килегеҙ, Уның ятҡан урынын ҡарағыҙ. Тиҙерәк барып, шәкерттәренә: «Ғайса терелеп торҙо! Ул һеҙҙән алда Галилеяға бара. Һеҙ Уны шунда күрерһегеҙ», – тип әйтегеҙ. Һеҙгә һүҙем шул. Ҡатындар, ҡурҡып, шул уҡ ваҡытта бик ныҡ шатланып, ҡәбер янынан тиҙ генә китә һалдылар һәм Уның шәкерттәренә хәбәр итергә йүгерҙеләр. Ҡапыл улар алдына Ғайса Үҙе килеп сыҡты: – Именлек һеҙгә! – тине. Улар Ғайсаға яҡын килде, Уның алдында тубыҡланып, аяҡтарын ҡосаҡлап алдылар. Шунан Ғайса уларға: – Ҡурҡмағыҙ! – тине. – Барығыҙ, туғандарыма әйтегеҙ, Галилеяға китһендәр. Улар Мине шунда күрер. Ҡатындар киткәс, ҡайһы бер һаҡсылар, ҡалаға ҡайтып, баш ҡаһиндарға бөтә булған хәлде һөйләп бирҙе. Баш ҡаһиндар менән аҡһаҡалдар йыйылып кәңәшләшкәс, ғәскәриҙәргә күп итеп аҡса бирҙеләр, уларға: – «Төндә, беҙ йоҡлаған саҡта, шәкерттәре килеп Уның кәүҙәһен урлап алып киткән», – тип әйтегеҙ. Был хәбәр идарасыға мәғлүм була ҡалһа, беҙ уны һеҙҙең ғәйебегеҙ юҡлыҡҡа күндерербеҙ, һеҙгә ауырлыҡ төшмәҫ, – тинеләр. Һаҡсылар, аҡсаны алып, нисек ҡушылған булһа, шулай эшләнеләр. Был хәбәр, йәһүдтәр араһында киң таралып, хәҙерге көнгәсә йөрөй. Ун бер шәкерт иһә Галилеяға, Ғайса барырға ҡушҡан тауға китте. Ғайсаны күргәс, Уға сәждә ҡылдылар, әммә ҡайһы берәүҙәре шикләнде. Ғайса уларҙың янына килеп былай тине: – Күктә лә, ерҙә лә бөтөн хакимлыҡ Миңә бирелде. Шуға күрә барса халыҡтарға барығыҙ һәм уларҙы Минең шәкерттәрем итегеҙ, уларҙы Ата, Улы һәм Изге Рух исеме менән һыуға сумдырығыҙ, һеҙгә ҡушҡандарымдың барыһын да үтәргә өйрәтегеҙ. Шуны белегеҙ: Мин донъя бөткәнгәсә һәр ваҡыт һеҙҙең менән бергә булам. Алла Улы Ғайса Мәсих хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙең башы. Ишағыяһ пәйғәмбәр китабында яҙылғанса: «Бына, Мин Һинең алдыңдан хәбәрсемде ебәрәм, ул Һиңә юл әҙерләр. Сүлдә тауыш яңғырай: Раббыға юл әҙерләгеҙ, Уның барыр һуҡмаҡтарын турайтығыҙ!» Сүлгә Сумдырыусы Яхъя килгәс, был һүҙҙәр бойомға ашты. Ул кешеләрҙе, гонаһтары ғәфү ителһен өсөн, тәүбә итеп һыуға сумдырылырға өндәп йөрөнө. Бөтә Йәһүҙиә халҡы һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәр уға килде һәм, гонаһтарын асыҡтан-асыҡ танып, уның тарафынан Иордан йылғаһында сумдырылды. Яхъя дөйә йөнөнән кейем кейеп, биленә күн ҡайыш быуып йөрөнө. Сиңерткә һәм солоҡ балы менән туҡланды. Вәғәзендә ул былай тине: – Минән һуң ҡөҙрәтлерәк Берәү килә. Мин эйелеп Уның аяҡ кейеменең ҡайышын сисергә лә лайыҡ түгелмен. Мин һеҙҙе һыуға сумдырҙым, ә Ул һеҙҙе Изге Рухҡа сумдырыр. Шул көндәрҙә Галилея өлкәһендәге Назара ҡалаһынан Ғайса килде, һәм Яхъя Уны Иордан йылғаһында һыуға сумдырҙы. Һыуҙан сығыу менән Ғайса күк ҡабағының ярылып китеүен һәм Үҙенә күгәрсен сүрәтендә Изге Рух төшкәнен күрҙе. Күктән: «Һин – Минең һөйөклө Улым. Һин – Минең ҡыуанысым!» – тигән ауаз ишетелде. Шул мәлдә үк Рух Ғайсаны сүлгә алып китте. Ғайса сүлдә ҡырҡ көн булды һәм шул ваҡыт эсендә Иблис тарафынан һынау үтте. Ул ҡырағай йәнлектәр араһында йәшәне, ә фәрештәләр Уға хеҙмәт итте. Яхъя ҡулға алынғандан һуң, Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен вәғәзләй-вәғәзләй, Ғайса Галилеяға килде. – Ваҡыт етте, – тине Ул. – Алла Батшалығы яҡынлаша! Тәүбәгә килегеҙ һәм Һөйөнөслө Хәбәргә ышанығыҙ! Галилея күле буйлап китеп барғанда, Ғайса ау һалып йөрөгән ике балыҡсыны – Шимғон менән уның ҡустыһы Әндриасты күрҙе. – Миңә эйәрегеҙ! Мин һеҙҙе кеше аулаусылар итермен, – тине Ғайса уларға. Тегеләр шунда уҡ, ауҙарын ташлап, Уға эйәрҙе. Ғайса, бер аҙ барғас, Зәбәҙәйостың улдары Яҡуп менән уның ҡустыһы Яхъяны күрҙе – улар кәмәлә ауҙарын ямай ине. Шунда уҡ уларҙы янына саҡырып алды. Улар иһә, аталары Зәбәҙәйосты ялсылары менән бергә кәмәлә ҡалдырып, Ғайса артынан эйәрҙе. Улар Капернаумға килде. Шәмбе көн тыуғас та Ғайса, ғибәҙәтханаға инеп, йыйылған халыҡҡа аң-белем бирә башланы. Уның өйрәтеүҙәренә барыһы ла хайран ҡалды, сөнки Ул ҡанун белгестәре һымаҡ түгел, ә хакимлыҡҡа эйә булған кеше кеүек һөйләне. Тап шул ваҡыт ғибәҙәтханаға яуыз рух эйәләшкән берәү килеп инде. Ул: – Назаралы Ғайса, һиңә беҙҙән нимә кәрәк? Беҙҙе һәләк итергә килдеңме? Һинең кем икәнлегеңде беләм. Һин Алла тарафынан һайланған изге Әҙәмһең! – тип ҡысҡырҙы. Ғайса рухты: – Шым! – тип тыйҙы. – Был кешенән сыҡ! Яуыз рух, әлеге әҙәмде дер һелкетеп, көслө тауыш менән ҡысҡырып, эсенән сығып китте. Һәммәһе лә шаҡ ҡатты. Бер-береһенән: – Нимә булды был? – тип һораша башланылар. – Ниндәйҙер өр-яңы ғилем… Уның яуыз рухтарға ла бойороҡ бирерлек хакимлығы бар, ә тегеләре Уға буйһона! Ғайса хаҡындағы хәбәр шунда уҡ Галилеяның тирә-яғындағы ерҙәргә таралды. Ғибәҙәтхананан Ғайса, Яҡуп һәм Яхъя тура Шимғон менән Әндриастың өйөнә киттеләр. Шимғондың ҡәйнәһе, тотош тәне ҡыҙып, ауырып ята ине. Был хаҡта шунда уҡ Ғайсаға хәбәр иттеләр. Ғайса сирле янына килде, ҡулынан тотоп, торорға ярҙам итте. Ҡатындың тәне яныуҙан туҡтаны. Ул уларға табын әҙерләй башланы. Ә инде кискеһен, ҡояш байығас, Ғайса янына бөтә ауырыуҙарҙы, ен эйәләшкән кешеләрҙе килтерә башланылар. Бөтөн ҡала халҡы ишек алдына йыйылды. Ғайса күптәрҙе төрлө сирҙәренән һауыҡтырҙы, ен эйәләшкән кешеләрҙең эсенән ендәрҙе ҡыуып сығарҙы. Ендәргә һөйләнергә рөхсәт итмәне, сөнки ендәр Ғайсаның кем икәнен белә ине. Иртәгеһен Ғайса яҡтырғансы уҡ тороп ҡаланан сығып китте лә аулаҡ урынға барып доға ҡылды. Шимғон иптәштәре менән Уның артынан ашыҡты. Килеп тапҡас: – Бөтә кеше Һине эҙләй, – тинеләр. – Башҡа урындарға, яҡындағы бүтән ауылдарға барайыҡ. Миңә унда ла Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратырға кәрәк. Мин бит шуның өсөн килдем, – тине Ғайса. Ул, ғибәҙәтханаларҙа вәғәздәр һөйләп, кешеләрҙең эсенән ендәрен ҡыуып сығарып, бөтә Галилея буйлап йөрөнө. Бер көндө махау сирле кеше Ғайса янына килде лә алдына тубыҡланып: – Теләһәң, мине таҙарта алаһың бит, – тип ялбарҙы. Ғайса уны йәлләне, ҡулын һуҙып уға ҡағылды ла: – Эйе, теләйем, таҙарын! – тине. Сирленең махауы шунда уҡ бөттө, тәне таҙарҙы. Әммә теге кеше, Ғайса янынан киткәс тә, булған хәл тураһында бөтә ерҙә һөйләп йөрөй башланы. Шунлыҡтан Ғайса инде ҡалаларға асыҡтан-асыҡ инә алманы, ҡалаларҙан ситтә, аулаҡ урындарҙа булды. Шулай ҙа унда ла янына һәр тарафтан халыҡ ағылды. Бер нисә көндән Ғайса ҡабат Капернаумға килде. Уның өйҙә булыуы хаҡында хәбәр таралды. Шул тиклем күп кеше йыйылды, хатта ишек алдында ла урын ҡалманы. Ғайса халыҡҡа Алла һүҙен вәғәзләне. Шул ваҡыт дүрт кеше Уға фалиж һуҡҡан берәүҙе күтәреп алып килде. Халыҡ араһынан үтә алмағанлыҡтан, улар, Ғайса булған өйҙөң ҡыйығын һүтеп, фалиж һуҡҡан кешене ятҡан түшәге менән шул тишектән төшөрҙөләр. Ғайса, уларҙың ышаныуҙарын күреп, ауырыуға: – Улым, һинең гонаһтарың ғәфү ителде! – тине. Унда бер нисә ҡанун белгесе ултыра ине. Улар эстән генә: «Нимә һөйләй Ул? Был бит көфөр һүҙ! Гонаһтарҙы бер Алланан башҡа кем ярлыҡай ала?» – тип уйланы. Ғайса шунда уҡ күңеле менән уларҙың уйын һиҙеп былай тине: – Ниңә һеҙ шулай уйлайһығыҙ? Фалиж һуҡҡан кешегә: «Гонаһтарың ғәфү ителде», – тип әйтеү еңелерәкме, әллә: «Тор, түшәгеңде ал да атлап кит», – типме? Ләкин шуны белегеҙ: Әҙәм Улының ерҙә гонаһтарҙы ярлыҡарға хакимлығы бар. Шунан Ғайса фалиж һуҡҡан кешегә өндәште: – Һиңә әйтәм, тор, түшәгеңде ал да өйөңә ҡайт! Теге барыһының күҙ алдында йәһәт кенә торҙо ла, түшәген алып, сығып китте. Быға бөтәһе лә хайран ҡалды һәм Алланы данлап: – Беҙҙең бындайҙы бер ҡасан да күргәнебеҙ юҡ ине, – тиештеләр. Ғайса тағы күл буйына сыҡты. Бөтә кеше Уның янына килде, һәм Ғайса уларҙы аң-белемгә өйрәтте. Үтеп барышлай Ул, һалым йыйыу урынында ултырған Алфай улы Левиҙе күреп: – Миңә эйәр! – тине. Леви, тороп, Уның артынан эйәрҙе. Бынан һуң, Ғайса Левиҙең өйөндә табында ултырған саҡта, Ғайса һәм Уның шәкерттәре эргәһендә күп кенә һалым йыйыусылар менән башҡа гонаһлылар ҙа бар ине. Улар күмәкләп Ғайсаға эйәреп йөрөй ине. Фарисейҙарға ҡараған ҡанун белгестәре, Ғайсаның шундай кешеләр менән бергә ашап ултырғанын күреп, Уның шәкерттәренә: – Нисек Ул һалым йыйыусылар һәм башҡа гонаһлылар менән бер табында ашай ала? – тинеләр. Ғайса, быны ишетеп, уларға: – Табип сәләмәт кешеләргә түгел, ә ауырыуҙарға кәрәк. Мин тәҡүә кешеләрҙе түгел, ә гонаһлыларҙы саҡырырға килдем, – тине. Бер көндө, Яхъяның шәкерттәре һәм фарисейҙар ураҙа тотҡанда, ҡайһы берәүҙәр Ғайсаға килеп: – Ни өсөн Яхъяның да, фарисейҙарҙың да шәкерттәре ураҙа тота, ә Һинекеләр тотмай? – тип һоранылар. Ғайса уларға былай тип яуап бирҙе: – Кейәү яндарында булғанда, туйҙағы ҡунаҡтар ураҙа тотормо? Кейәү араларында икән, әлбиттә, ураҙа тотмаҫтар. Әммә килер бер көн: кейәү яндарынан алыныр, шул ваҡытта улар ураҙа тотасаҡ. Бер кем дә иҫке кейемгә яңы туҡыманан ямау һалмай. Юғиһә, яңы ямаулыҡ ултырып, иҫке кейемде йыртып ебәрер ҙә, тишек тағы ла нығыраҡ ҙурайыр. Шулай уҡ бер кем дә яңы шарапты иҫке турһыҡҡа һалмай. Юғиһә, шарап турһыҡты йыртыр ҙа, шарап та, турһыҡ та әрәм булыр. Яңы шарапты яңы турһыҡтарға тултыралар. Бер мәл, шәмбе көндө, Ғайса иген баҫыуҙары аша үтеп бара ине. Шәкерттәре юл ыңғайында башаҡ өҙә башланы. Фарисейҙар Ғайсанан: – Ҡара, ни өсөн улар шәмбе көнө эшләргә тыйылғанды эшләй? – тип һораны. Ғайса уларҙан: – Мохтаж сағында, үҙе һәм уның юлдаштары асыҡҡас, Дауыттың нимә эшләгәне тураһында бер ваҡытта ла уҡығанығыҙ юҡмы ни? – тип һораны. – Әвйәҫәр баш ҡаһин булған заманда ул Алла йортона ингән. Ҡаһиндарҙан башҡа һис кемгә ашарға рөхсәт ителмәй торған, Аллаға бағышланған икмәктәрҙе ашаған, юлдаштарына ла биргән. Шунан Ғайса уларға: – Кеше шәмбе көн өсөн түгел, ә шәмбе көн кеше өсөн яратылған, – тине. – Шуға күрә Әҙәм Улы – шәмбе көнөнөң дә хужаһы. Ғайса тағы ғибәҙәтханаға инде. Унда ҡулы ҡороған берәү бар ине. Ғайсаны ғәйепләргә һылтау эҙләгән фарисейҙар, шәмбе көндө Ул был кешене һауыҡтырмаҫмы икән тип, күҙәтеп торҙолар. Ғайса ҡулы ҡороған кешегә: – Уртаға сығып баҫ! – тине. Ә тегеләрҙән: – Шәмбе көндө яҡшылыҡ эшләү дөрөҫмө, әллә яманлыҡмы? Кешенең ғүмерен ҡотҡарыумы, әллә һәләк итеүме? – тип һораны. Тегеләр өндәшмәне. Ҡаты бәғерле булыуҙарына көйөнөп, Ғайса уларға асыулы ҡарап алды ла әлеге кешегә: – Ҡулыңды һуҙ! – тине. Ауырыу ҡулын һуҙғайны, ҡулы һауыҡты. Фарисейҙар ғибәҙәтхананан сыҡты ла Һируд батша яҡлылар менән бергә Ғайсаны нисек һәләк итеү тураһында кәңәшләшә башланы. Ғайса шәкерттәре менән күлгә табан йүнәлде. Уға Галилеянан бик күп кеше эйәрҙе. Шулай уҡ Йәһүҙиәнән, Йәрүсәлимдән, Идумаянан, Иордан аръяғынан, Тир һәм Сидон тирәләренән дә, Уның ҡылған эштәре тураһында ишетеп, әллә күпме халыҡ килгәйне. Ғайса, күмәк халыҡ араһында ҡыҫылып ҡалмаҫ өсөн, шәкерттәренә берәй кәмәне әҙер тоторға ҡушты. Ул күптәрҙе һауыҡтырғанлыҡтан, барлыҡ сирлеләр этешеп-төртөшөп Уға ҡағылырға уҡталды. Эстәренә ен эйәләшкән кешеләр ҙә Уны күреү менән алдына йығылып: – Һин – Алла Улы! – тип ҡысҡырҙы. Әммә Ғайса уларға ҡәтғи рәүештә Үҙенең кем булыуы хаҡында һөйләп йөрөмәҫкә ҡушты. Ғайса, тауға менеп, Үҙе теләгән кешеләрҙе янына саҡырҙы. Улар килгәс, араларынан һәр ваҡыт янында булырлыҡ һәм Һөйөнөслө Хәбәрҙе халыҡ араһында тарата алырлыҡ ун икеһен һайлап алып, илселәр тип атаны. Уларға шулай уҡ ендәрҙе ҡыуып сығарырға вәкәләт бирҙе. Бына Ғайса тәғәйенләгән ун ике шәкерт: Ғайса Петрус тип атаған Шимғон, Зәбәҙәйос улы Яҡуп һәм уның ҡустыһы Яхъя – Ғайса уларҙы Боанергес, йәғни «Күк күкрәү улдары» тип атаны, Әндриас, Филиппус, Барҫоломай, Маҫҫайос, Томас, Алфай улы Яҡуп, Таддай, Көрәшсе Шимғон һәм аҙаҡ Ғайсаға хыянат иткән Йәһүҙә Искариот. Ғайса өйөнә ҡайтты. Унда шул тиклем күп кеше йыйылғайны, хатта Ғайса менән шәкерттәренең тамаҡ ялғарлыҡ та ваҡыты булманы. Был хәлдәрҙе ишеткән туғандары, Ул аҡылдан яҙған икән, тип уйлап, Ғайсаны көс менән алып китергә килделәр. Йәрүсәлимдән килгән ҡанун белгестәре: – Уның эсендә Бәғел-Зевул бар! Ендәрҙе ендәр башлығының көсө менән ҡыуып сығара, – тинеләр. Ғайса уларҙы Үҙенең янына саҡырып алды ла кинәйәле һүҙҙәр менән ошоларҙы һөйләне: – Нисек итеп Иблис Иблисте ҡыуып сығарһын? Халҡы үҙ-үҙенә ҡаршы һуғышҡан батшалыҡ имен ҡала алмай, эсендә дошманлыҡ булған ғаилә лә тарҡалыр. Үҙ-үҙенә ҡаршы һуғышып, Иблис Иблисте ҡыуып сығара икән, тимәк, уның ахыры тиҙ етер. Һис кем көслө кешенең өйөнә баҫып инеп, уның мал-мөлкәтен талап сыға алмаҫ. Тәүҙә ул өйҙөң хужаһын бәйләп ҡуйырға тейеш, шунан ғына өйөн талай алыр. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: кешеләрҙең гонаһтары ла, көфөр һүҙҙәре лә – бөтәһе лә ғәфү ителер. Әммә кемдер Изге Рухҡа ҡаршы көфөр әйтһә, мәңге ғәфү ителмәҫ, был гонаһ өсөн ул мәңге ғәйепле булыр. Ғайса быларҙы тегеләрҙең, Уға яуыз рух эйәләшкән, тип әйткәненә күрә һөйләне. Шул ваҡыт Ғайсаның әсәһе менән ҡустылары килде һәм, тышта торған килеш, Уны саҡырттылар. Ғайсаның эргәһендә күп кеше ултыра ине, улар: – Ана, тышта һине әсәйең менән ҡустыларың көтә, – тинеләр. – Минең әсәйем менән туғандарым кем? – тине Ғайса, уларға яуап итеп. Шунан эргә-тирәһендә ултырғандарға ҡарап былай тине: – Бына былар – Минең әсәйем менән туғандарым! Кем Алла ихтыярын үтәй, шул Минең ағай-энем дә, апай-һеңлем дә, әсәйем дә була. Ғайса тағы Галилея күле буйында кешеләргә аң-белем бирә башланы. Уның янына бик күп халыҡ йыйылды. Шул арҡала Ул күлдәге кәмәгә инеп ултырҙы, ә бөтә халыҡ яр буйында баҫып торҙо. Ғайса уларға кинәйәле ҡиссалар аша күп нәмәләрҙе аңлатты: – Тыңлағыҙ, бына бер кеше сәсеүгә сыҡҡан. Сәскән сағында орлоҡтарҙың бер өлөшө юл буйына төшкән һәм, ҡоштар осоп килеп, уларҙы сүпләп бөткән. Ҡайһы береһе тупрағы аҙ булған ташлы ергә төшкән. Ерҙә тәрән ятмағанлыҡтан, орлоҡ тиҙ арала шытып сыҡҡан. Әммә ҡояш сығып ҡыҙҙыра башлағас, тамыры тәрәнгә китеп өлгөрмәгәнлектән, үҫентеләр ҡороған. Орлоҡтарҙың башҡалары сәнскәк араһына төшкән. Сәнскәк үҫеп, шытып килгән үҫентеләрҙе баҫып киткәнлектән, улар башаҡланмаған. Ә бүтән орлоҡтар уңдырышлы ергә төшкән. Орлоҡтар шытып, үҫеп киткән һәм утыҙлата, алтмышлата, йөҙләтә күберәк уңыш биргән. Ғайса былай тип өҫтәне: – Ҡолаҡтары барҙар ишетһен! Үҙҙәре генә ҡалғас, Ғайсаның ун ике шәкерте менән башҡа эйәреүселәре Унан ҡиссаларҙың мәғәнәһен һораны. – Һеҙ был ҡиссаның мәғәнәһен аңламанығыҙмы ни? – тип һораны Ғайса уларҙан. – Улайһа башҡа ҡиссаларҙы нисек аңларһығыҙ һуң? Сәсеүсе Алла һүҙен сәсә. Юл буйына төшкән орлоҡ шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетә, әммә шунда уҡ Иблис килеп, уларҙың күңелдәренә сәселгән һүҙҙе алып китә. Ташлы урынға сәселгән орлоҡ шуны аңлата: һүҙҙе ишетеү менән, кешеләр уны шунда уҡ шатланып ҡабул итә, әммә, үҙендә тамырҙары булмағанлыҡтан, һүҙҙе ваҡытлыса ғына тота. Аҙаҡ, һүҙ арҡаһында бәләгә тарыһа йәки эҙәрләүгә юлыҡһа, улар тиҙ үк сигенә. Сәнскәк араһына сәселгән орлоҡ иһә шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетә, әммә донъя мәшәҡәттәре, байлыҡҡа ҡыҙығыу һәм бүтән теләктәр кешеләрҙең күңелен биләп, һүҙҙе баҫып ала, һәм ул уңыш бирмәй. Ә уңдырышлы тупраҡҡа сәселгәне шуны аңлата: кешеләр, һүҙҙе ишетеп, уны ҡабул итә. Ул утыҙлата, алтмышлата йә йөҙләтә уңыш килтерә. Ғайса уларға былай тине: – Шәмде һауыт менән ҡаплар йәки һике аҫтына ҡуйыр өсөн индерәләрме ни? Шәмдәлгә ултыртып ҡуйыу өсөн түгелме? Фаш ителмәҫ йәшерен бер нәмә лә һәм асылмайынса ҡалыр һис бер сер ҙә юҡ. Ҡолаҡтары барҙар ишетһен! Ғайса һүҙен дауам итте: – Әйткәнемде иғтибарға алығыҙ: ниндәй үлсәм менән үлсәһәгеҙ, һеҙгә лә шундай үлсәм менән үлсәп бирелер һәм тағы өҫтәлер. Кемдеке бар, шуға тағы ла күберәк бирелер, ә кемдеке юҡ, унан булғаны ла тартып алыныр. Ғайса тағы ла былай тине: – Алла Батшалығы бына нимәгә оҡшаған: әйтәйек, кеше ергә орлоҡ сәсә. Төндәрен йоҡлап, көндөҙөн уяу йөрөп, көн һәм төндәре уҙа, ә ул арала орлоҡ шытып сыға, үргә тартыла. Кеше бының нисек булғанын белмәй ҙә. Ер үҙенән-үҙе уңыш бирә: тәүҙә һабаҡ, унан башаҡ үҫтерә, аҙаҡ башаҡ тулы орлоҡ ярала. Ә инде ашлыҡ өлгөрөү менән, кеше урағын эшкә егә, сөнки иген урыр саҡ еткән була. – Алла Батшалығын беҙгә нимә менән сағыштырырға һәм нисек итеп тасуирларға? – тине Ғайса. – Ул гәрсис орлоғона оҡшаған. Ергә сәскән ваҡытта ул ер йөҙөндәге бөтә орлоҡтарҙан да вағыраҡ. Ә инде сәскәс, шытып сыға, баҡсалағы һәммә үҫемлектәрҙән дә бейегерәк булып үҫә, дәү ботаҡтар ебәрә һәм уның күләгәһендә ҡоштар оя ҡора. Ғайса халыҡҡа Алла һүҙен ошоға оҡшаш бик күп ҡиссалар ярҙамында, тик улар аңларлыҡ ҡына итеп һөйләне. Ул кинәйәле ҡисса менән генә һөйләне, ә шәкерттәре менән яңғыҙ ҡалғанда, уларға бөтәһен дә аңлатып бирҙе. Шул көндө кисен Ғайса шәкерттәренә: – Әйҙәгеҙ, теге яҡ ярға сығайыҡ, – тине. Халыҡты ҡалдырып, шәкерттәр Уның янына кәмәгә инеп ултырҙы. Башҡа кәмәләр Уға эйәрҙе. Ҡапыл көслө дауыл күтәрелде, һәм тулҡындар бәрелеүҙән кәмә эсенә һыу тула башланы. Ғайса иһә кәмәнең артҡы осонда башын яҫтыҡҡа терәп йоҡлай ине. Шәкерттәре Уны уятып: – Остаз, батабыҙ бит! Был һине борсомаймы ни? – тинеләр. Ул тороп елде тыйҙы, күлгә лә: – Шаулама, баҫыл! – тине. Ел туҡтаны, тәрән тынлыҡ урынлашты. – Ниңә улай ҡотоғоҙ осто? Әле һаман иманығыҙ юҡмы ни? – тине Ғайса. Шәкерттәр иһә, бик ныҡ ҡурҡып, бер-береһенә: – Кем һуң Ул? Уға ел дә, тулҡындар ҙа буйһона! – тиештеләр. Улар Галилея күле аръяғындағы Гераса еренә килде. Ғайса кәмәнән төшөү менән, яуыз рух эйәләшкән бер кеше, ҡәбер мәмерйәләренән сығып, Уға ҡаршы килде. Был кеше ҡәберҙәр эсендә йәшәй һәм уны һис кем хатта сынйырҙар менән дә бәйләп тота алмай ине. Уны әллә нисәмә тапҡыр тотоп, аяҡ-ҡулын бығаулап, сынйыр һалғандар, ә ул сынйырҙарҙы өҙгән, бығауҙарҙы ватҡан. Бер кемдең дә уға көсө етмәгән. Ҡәбер мәмерйәләре араһында һәм тауҙарҙа бер туҡтауһыҙ, көнө-төнө ҡысҡырып йөрөгән, үҙ-үҙен таш менән туҡмап яралар булған. Ул Ғайсаны алыҫтан уҡ күреп, йүгереп килде лә аяғына йығылды. – Эй Ғайса, Юғарыларҙан Юғары Алланың Улы! Минән Һиңә нимә кәрәк? Алла хаҡы өсөн ялбарам, яфалама мине! – тип йән көсөнә ҡысҡырып ебәрҙе. Сөнки Ғайса яуыз рухҡа ул кешенән сығырға бойорғайны. – Исемең кем? – тип һораны унан Ғайса. – Исемем Ғәскәр, сөнки беҙ күмәк, – тип яуапланы теге һәм уларҙы был ерҙән ҡыуып ебәрмәүен ялбарҙы. Шул тирәләге тау битендә ҙур сусҡа көтөүе утлап йөрөй ине. – Беҙҙе сусҡалар араһына ебәр, уларҙың эсенә инербеҙ, – тип ялбарҙы ендәр. Ғайса рөхсәт иткәс, яуыз рухтар, кешенән сығып, сусҡаларҙың эсенә барып инделәр. Ике меңгә яҡын сусҡанан торған көтөү текә ярға сабып барып, күлгә ташланып батты. Сусҡа ҡараусылар йүгереп йөрөп был хәбәрҙе ҡалала һәм ауылдарҙа таратты. Унда йәшәүселәр ни булғанын күрер өсөн Ғайса янына килделәр һәм, эсендә ендәр ғәскәре булған кешенең кейенгән һәм аҡылына килгән хәлдә ултырыуын күреп, ҡурҡыуға ҡалдылар. Ен эйәләшкән ир һәм сусҡалар менән ни булғанын күргән кешеләр уларға барыһы тураһында ла һөйләп бирҙе. Шунан һуң улар Ғайсаның үҙҙәренең ерҙәренән китеүен ялбара башланы. Ғайса кәмәгә ултырған саҡта, ендән ҡотолған кеше Уның менән бергә барырға рөхсәт итеүен һораны. Әммә Ғайса риза булманы. – Бар, өйөңә, туғандарың янына ҡайт. Раббының һиңә ниҙәр эшләгәнен, ниндәй мәрхәмәт күрһәткәнен һөйлә, – тине Ғайса. Теге кеше китеп, Ғайсаның уға нимәләр эшләгәнлеген Ун Ҡалала һөйләп йөрөнө. Быға бөтәһе лә хайран ҡалды. Ғайса кәмәлә икенсе ярға кире сыҡҡас, Уның янына күмәк халыҡ йыйылды. Ул күл буйында саҡта, ғибәҙәтхана башлыҡтарынан булған Яйрос исемле кеше килде. Ғайсаны күреү менән Уның аяғына йығылды: – Минең бәләкәс ҡыҙым үлем хәлендә ята. Килеп, уға ҡулдарыңды ғына ҡуйһаң, ул һауығыр ҙа иҫән ҡалыр ине! – тип ялбарҙы. Ғайса уның менән китте. Уға, һәр яҡтан ҡыҫырыҡлап, күмәк халыҡ эйәрҙе. Араларында ун ике йыл буйы ҡан китеүҙән яфаланған бер ҡатын бар ине. Ул, бар мөлкәтен исрафлап бөтөп, мең ғазап сигеп, күп табиптарҙа дауаланып ҡараһа ла, бер файҙаһын да күрмәгән, хәле насарлана ғына барған. Ғайса хаҡында ишеткәс, ул халыҡ араһына инде лә, артынан килеп, ҡулы менән Уның кейеменә тейҙе. Эсенән генә: «Кейеменә бер ҡағылһам, һауығырмын», – тип уйлағайны. Ҡан ағыуы шунда уҡ туҡтаны, ҡатын һауыҡҡанын тойҙо. Ғайса, шул мәлдә Үҙенән көс сыҡҡанын һиҙеп, халыҡҡа боролдо. – Минең кейемемә кем ҡағылды? – тип һораны Ул. – Кешеләрҙең Һине нисек ҡыҫырыҡлағанын күреп тораһың бит! Ни өсөн: «Миңә кем ҡағылды?» – тип һорайһың, – тине шәкерттәре. Әммә Ул, тирә-яғына ҡарап, Үҙенә ҡағылған кешене эҙләй ине. Ҡурҡыуынан ҡалтырап төшкән ҡатын, үҙе менән ни булғанын аңлап, Ғайсаның янына килде лә, аяғына йығылып, Уға дөрөҫөн һөйләп бирҙе. – Ҡыҙым! Һине ышаныуың һауыҡтырҙы. Бар, имен йөрө, сиреңдән ҡотолдоң, – тине уға Ғайса. Ул ошо һүҙҙәрҙе әйткән саҡта, ғибәҙәтхана башлығы Яйростың өйөнән килеүселәр башлыҡҡа: – Ҡыҙың үлде. Ниңә Остазды мәшәҡәтләп торорға? – тинеләр. Әммә Ғайса был һүҙҙәрҙе ишетеү менән башлыҡҡа: – Ҡурҡма, бары ышан ғына! – тине. Ғайса Петрустан, Яҡуптан һәм Яҡуптың ҡустыһы Яхъянан башҡа бер кемгә лә Үҙе менән бергә барырға рөхсәт итмәне. Ғибәҙәтхана башлығының өйө янында Ғайса ығы-зығы килгән, сеңләп-сеңләп илашҡан кешеләрҙе күрҙе. – Һеҙ ниңә ығы-зығы киләһегеҙ, ниңә илашаһығыҙ? Бала үлмәгән, йоҡлай ғына, – тине Ғайса уларға, өйгә ингәс. Унан көлөргә тотондолар. Ғайса уларҙы сығарып ебәрҙе лә, ҡыҙҙың атаһын, әсәһен, Үҙенең юлдаштарын алып, ҡыҙ ятҡан бүлмәгә инде. Баланың ҡулынан тотоп: – Талиҫа, кум! – тине. Бының тәржемәһе: «Ҡыҙыҡай, һиңә әйтәм, тор!» Ҡыҙыҡай шунда уҡ урынынан торҙо ла йөрөй башланы. Ул ун ике йәштәрҙә ине. Барыһы ла хайран ҡалды. Ғайса был хаҡта һис кем белергә тейеш түгеллеген ҡәтғи рәүештә киҫәтте, ә ҡыҙ балаға ашарға бирергә ҡушты. Ғайса, унан киткәс, Үҙенең ҡалаһына ҡайтты. Шәкерттәре лә Уға эйәрҙе. Шәмбе көн еткәс, Ғайса ғибәҙәтханала аң-белем бирә башланы. Күптәр Уны таң ҡалып тыңланы. – Был тиклемде Ул ҡайҙан белә? Ниндәй тәрән аҡыл бирелгән Уға! Уның ҡулдары менән шундай мөғжизәләр ҡылына бит! – тиештеләр. Шунан: – Ул балта оҫтаһы түгелме һуң? Мәрйәмдең улы, Яҡуптың, Йосестың, Йәһүҙәнең һәм Шимғондоң ағаһы түгелме? Уның һеңлеләре лә бында, беҙҙең арабыҙҙа түгелме ни? – тиешеп, Уны инҡар иттеләр. – Пәйғәмбәрҙе бөтә ерҙә лә хөрмәт итәләр, уға үҙенең ҡалаһында, үҙ туғандары араһында һәм үҙ ғаиләһендә генә һан юҡ, – тине Ғайса уларға. Шунлыҡтан Ул бында бер ниндәй ҙә мөғжизә ҡыла алманы, ҡулдарын ҡуйып, ҡайһы бер сирлеләрҙе генә һауыҡтырҙы. Халыҡтың ышанмауы Уны ныҡ ғәжәпләндерҙе. Ғайса, тирә-яҡтағы ауылдарҙы ҡыҙырып, аң-белемгә өйрәтеп йөрөнө. Ул ун ике шәкертен янына саҡырып алды ла, уларға яуыз рухтар өҫтөнән вәкәләт биреп, икешәрләп-икешәрләп кешеләр араһына сығарып ебәрҙе. Сәфәргә үҙҙәре менән юл таяғынан башҡа бер нәмә лә: икмәк тә, биштәр ҙә алмаҫҡа, билбауҙарына аҡса ла төйнәмәҫкә ҡушты. Бары тик аяҡтарына кейергә рөхсәт итте, ә алмаш күлдәк алмаҫҡа ҡушты. – Ҡайһы өйҙә туҡталһағыҙ ҙа, киткәнгә тиклем шунда ҡалығыҙ, – тип һүҙен дауам итте Ул. – Әгәр һеҙҙе берәй ерҙә ҡабул итмәһәләр, әйткәнегеҙҙе тыңлап та тормаһалар, киткән саҡта, уларға ҡаршы шаһитлыҡ билдәһе итеп, аяҡтарығыҙҙағы туҙанды ҡағып төшөрөгөҙ. Шулай итеп, шәкерттәр юлға сығып китте һәм кешеләрҙе тәүбәгә килергә өндәп йөрөнөләр, күп ендәрҙе ҡыуып сығарҙылар һәм, зәйтүн майы һөртөп, байтаҡ ауырыуҙарҙы һауыҡтырҙылар. Ул арала Ғайсаның исеме киң таралыу алды һәм Һируд батшаға ла барып ишетелде. Берәүҙәр: «Сумдырыусы Яхъя үленән терелеп торған, шунлыҡтан Уның ҡөҙрәтле эштәр ҡылырға ҡеүәте бар», – ти ине. Икенселәре: «Ул – Ильяс», – тине, бүтәндәре иһә: «Борон булған пәйғәмбәрҙәргә оҡшаған бер пәйғәмбәр Ул», – тип һөйләне. Ә Һируд, быларҙы ишетеп: – Мин башын ҡырҡтырған Сумдырыусы Яхъя был! – тине. – Ул терелеп торған. Һирудиас, кенә тотоп, Яхъяны үлтерергә теләне, тик ҡулынан ғына килмәй ине, сөнки Яхъяның тәҡүә һәм изге кеше булғанын белгәнгә күрә, Һируд унан ҡурҡа һәм ҡурсалай торғайны. Яхъяның һүҙҙәренән ҙур хафаға төшһә лә, уны бик теләп тыңлай ине. Әммә бына Һирудиас өсөн уңайлы көн килде. Һируд үҙенең тыуған көнө айҡанлы юғары дәрәжәле түрәләрҙе, ғәскәриҙәр башлыҡтарын һәм Галилеяның мәртәбәле кешеләрен мәжлескә саҡырҙы. Шул ваҡыт Һирудиастың ҡыҙы инеп бейене. Уның бейеүе Һирудҡа ла, ҡунаҡтарына ла бик оҡшаны. Батша уға: – Минән нимә теләһәң, шуны һора. Һорағаныңды бирермен, – тине. – Һораһаң, хатта батшалығымдың яртыһын бирәм, – тип ант итте. Ҡыҙ әсәһе янына сыҡты: – Нимә һорайым икән? – тине. – Сумдырыусы Яхъяның башын һора, – тине әсәһе. Ҡыҙы шунда уҡ йәһәт кенә батша янына инде лә: – Сумдырыусы Яхъяның башын ҡоштабаҡҡа һалып, хәҙер үк миңә алып килеүеңде теләйем! – тине. Батша ҙур ҡайғыға ҡалды, ләкин ҡунаҡтар алдында әйтелгән ант хаҡына ҡыҙҙың үтенесен кире ҡағырға ҡыйманы. Ул шунда уҡ ҡатилға Яхъяның башын килтерергә бойорҙо. Ҡатил, төрмәгә барып, Яхъяның башын ҡырҡты. Уны, ҡоштабаҡҡа һалып, ҡыҙға килтереп бирҙе, ә уныһы әсәһенә тапшырҙы. Яхъяның шәкерттәре, был хаҡта ишетеп, остаздарының кәүҙәһен килеп алдылар һәм ҡәбергә илтеп һалдылар. Ғайса янына әйләнеп ҡайтҡас, илселәр үҙҙәренең ҡылған эштәре һәм халыҡты ниҙәргә өйрәтеүҙәре хаҡында һөйләп бирҙе. – Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, үҙегеҙ генә Минең менән берәй аулаҡ ергә барып, бер аҙ ял итеп алығыҙ, – тине Ғайса уларға. Сөнки халыҡ килеп-китеп торғанлыҡтан, уларҙың хатта тамаҡ ялғарға ла ваҡыттары юҡ ине. Улар, кәмәгә ултырып, үҙҙәре генә аулаҡ урынға китте. Шулай ҙа кешеләрҙең күбеһе, ҡуҙғалып киткәндәрен күреп, уларҙы таныны. Һөҙөмтәлә, эргә-тирәләге ҡалаларҙан килгән кешеләр улар бараһы урынға йүгерә-йүгерә алдан уҡ барып еттеләр. Ярға сыҡҡас, Ғайса ҙур халыҡ төркөмөн күрҙе, уларҙы, көтөүсеһеҙ һарыҡтарға оҡшатып, бик йәлләне һәм күп нәмәләргә өйрәтә башланы. Ваҡыт һуң ине инде, шәкерттәре Ғайса янына килде: – Бында бит ҡола ялан, ваҡыт та һуң инде. Уларҙы ебәр, тирә-йүндәге утарҙарға, ауылдарға барып, үҙҙәренә ашарға һатып алһындар. – Һеҙ уларҙы үҙегеҙ ашатығыҙ, – тип яуап бирҙе Ғайса. Шәкерттәр: – Уларҙы ашатыр өсөн үҙебеҙ барып ике йөҙ динарлыҡ икмәк һатып алайыҡмы ни? – тип һораны. – Һеҙҙең нисә икмәгегеҙ бар? Барып ҡарағыҙ әле, – тине Ул. – Биш икмәк менән ике балыҡ, – тип яуапланы шәкерттәр, ҡарап килгәс. Ғайса уларға халыҡты төркөм-төркөм итеп йәшел сиҙәмгә ултыртырға бойорҙо. Тегеләр йөҙәр, иллешәр кешелек төркөмдәргә бүленеп, теҙелешеп ултырҙы. Ғайса биш икмәк менән ике балыҡты алды ла күккә ҡарап шөкөрана ҡылды. Шунан икмәктәрҙе бүлгеләп, халыҡҡа өләшер өсөн шәкерттәренә бирҙе. Ике балыҡты ла һәммәһенә бүлде. Бөтәһе лә туйғансы ашаны. Икмәк һыныҡтарын һәм ҡалған балыҡты ун ике кәрзингә тултырып алдылар. Ә ашаусыларҙан ирҙәр генә лә биш мең кеше ине. Ул арала Ғайса шәкерттәренә кәмә менән аръяҡтағы Бейт-Сайдаға бара торорға ҡушты, Үҙе халыҡты таратҡансы шунда ҡалды. Халыҡ менән хушлашҡас, Ул доға ҡылыр өсөн тауға менде. Кис еткәндә кәмә – күл уртаһында, ә Ул яңғыҙы яр буйында ине. Шәкерттәрҙең елгә ҡаршы көс-хәл менән ишеүҙәрен күреп, Ғайса таң атып килгән мәлдә күл өҫтөнән атлап улар янына китте. Уларҙы уҙып китергә теләгәйне, шәкерттәре, Уның күл өҫтөнән атлап килгәнен күреп, өрәктер был, тип уйлап ҡысҡырып ебәрҙеләр. Уны күреп, барыһының да ҡото алынды. – Тынысланығыҙ, был – Мин, ҡурҡмағыҙ! – тине уларға Ғайса. Яндарына кәмәгә инеп ултырҙы. Ел шунда уҡ баҫылды. Шәкерттәр быға тағы ла нығыраҡ ғәжәпләнде. Улар икмәк менән булған хәлде лә аңламағайны – күңелдәре һаман ҡатып ҡалған ине. Күлде аша сығып, Геннисаретҡа еттеләр ҙә яр буйына килеп туҡтанылар. Кәмәнән төшөүҙәре булды, кешеләр Ғайсаны шунда уҡ танып та алды. Уның килеүен хәбәр итеп, бөтә әйләнә-тирәне йөрөп сыҡтылар. Шунан Ғайса туҡтаған урынға ауырыуҙарҙы түшәктәре менән алып килә башланылар. Ғайса ҡайҙа ғына бармаһын – берәй ауылғамы, ҡалаға йәки утарҙарғамы, ауырыуҙарҙы майҙандарға килтереп һалыр булдылар. Унан һис юғы кейеменең сабыуына булһа ла ҡағылырға рөхсәт итеүен үтенделәр. Уға кем генә ҡағылмаһын, бөтәһе лә һауыҡты. Йәрүсәлимдән килгән фарисейҙар һәм ҡайһы бер ҡанун белгестәре Ғайса янына йыйылды. Улар Ғайсаның ҡайһы бер шәкерттәренең икмәкте бысраҡ, йәғни йола буйынса йыуылмаған ҡул менән тотоп ашауын күргәйне. Барлыҡ йәһүдтәр кеүек фарисейҙар ҙа, ата-бабаларҙан килгән дини йолаға таянып, ҡулдарын шартына килтереп йыумайынса ашарға ултырмайҙар ине. Баҙарҙан ҡайтҡас та, тейешенсә йыуынмайынса ашамайҙар. Тағы күп ҡағиҙәләрҙе, мәҫәлән, кәсәләрҙе, көршәктәрҙе һәм баҡыр һауыттарҙы йыуыу тәртибен дә теүәл үтәйҙәр. Фарисейҙар һәм ҡанун белгестәре Ғайсанан: – Ниңә Һинең шәкерттәрең ата-бабаларҙан килгән йолаларҙы үтәмәй, ризыҡты бысраҡ ҡул менән тотоп ашай? – тип һоранылар. Ғайса уларға: – Ишағыяһ пәйғәмбәрлек иткән ваҡытында һеҙ ике йөҙлөләр хаҡында бик дөрөҫ әйткән, – тип яуапланы. – Изге Яҙмала яҙылғанса: «Был халыҡ Мине тик теле менән хөрмәт итә, әммә күңелдәре Минән алыҫ. Уларҙың Миңә табыныуы бушҡа: улар кеше уйлап сығарған ҡағиҙәләргә өйрәтә». Алла бойороғон ситтә ҡалдырып, һеҙ кеше урынлаштырған йолаларҙы үтәйһегеҙ. Үҙ йолағыҙҙы тотор өсөн, ҡайһылай оҫта итеп Алла бойороғон кире ҡағаһығыҙ! – тип һүҙен дауам итте Ғайса. – Муса: «Атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит» һәм: «Атаһын йәки әсәһен хурлаған кешегә үлем язаһы бирелһен», – тип әйткән бит. Ә һеҙ, әгәр ҙә кеше атаһына йәки әсәһенә: «Мин һиңә бирергә тейеш булғанды Аллаға ҡорбан, йәғни Аллаға бүләк, итеп вәғәҙә иттем», – тип әйтә икән, ул кешегә атаһы йәки әсәһе өсөн башҡа бер ни ҙә эшләмәһә лә ярай, тип өйрәтәһегеҙ. Үҙегеҙ үк өйрәткән йолағыҙ менән Алла һүҙен юҡҡа сығараһығыҙ. Бына шуға оҡшаған күп эштәр ҡылаһығыҙ. Ул халыҡты ҡабат янына саҡырып алып: – Бөтәгеҙ ҙә Мине тыңлағыҙ һәм аңларға тырышығыҙ! Ғайса халыҡты ҡалдырып өйгә ингәс, шәкерттәре Унан был һүҙҙәрҙе аңлатыуын һораны. – Әллә һеҙ ҙә төшөнмәйһегеҙме? – тине Ул. – Кеше эсенә тыштан ингән бер нәмәнең дә уны бысрата алмауын аңламайһығыҙмы? Был нәмәләр уның йөрәгенә түгел, ә ҡарынына инә һәм сығарып ташлана! (Бының менән Ғайса бөтә ризыҡтың да хәләл булғанын белдерҙе.) Ул һүҙен дауам итте: – Кешенең эсенән нимә сыға, шул уны бысрата; яуыз уйҙар – фәхешлек итеү, урлашыу, кеше үлтереү, зина ҡылыу, ҡомһоҙлоҡ, ҡәбәхәтлек, мәкер-ялған, аҙғынлыҡ, көнсөллөк, яла яғыу, тәкәбберлек, ахмаҡлыҡ – кешенең эсенән, күңеленән сыға. Бөтөн был яманлыҡтар кешенең эсенән сығып уны бысрата ла инде. Бынан ары Ғайса Тир төбәгенә юл тотто. Унда бер өйгә инде. Килеүе хаҡында бер кемдең дә белеүен теләмәгәйне, тик йәшенеп ҡала алманы. Бәләкәс ҡыҙының эсенә яуыз рух эйәләшкән бер ҡатын Ғайса тураһында ишетеп ҡалды ла килеп аяғына йығылды. Тыумышы менән Сүриә Фойникәһенән булған был ҡатын мәжүси ине. Ул Ғайсанан ҡыҙының эсендәге енде ҡыуып сығарыуын ялбарҙы. – Тәүҙә балалар ашап туйһын, – тине уға Ғайса. – Икмәкте балаларҙан алып көсөктәргә ырғытыу яҡшы түгел. – Әфәндем, – тине ҡатын. – Көсөктәр ҙә бит өҫтәл аҫтында балалар ҡойған валсыҡтарҙы ашай. – Бына шулай яуап биргәнеңә күрә, – тине Ғайса, – бар, өйөңә ҡайт: ҡыҙыңдың эсендәге ен сыҡты. Ҡатын өйөнә әйләнеп ҡайтҡас, ҡыҙының иҫән-һау килеш түшәктә ятҡанын күрҙе. Ен уның эсенән сыҡҡайны инде. Ғайса, Тир яҡтарынан ҡайтышлай, Сидон һәм Ун Ҡала төбәге аша үтеп, Галилея күленә сыҡты. Уның янына тотлоғоп һөйләшкән һаңғырау кешене алып килделәр, Ғайсаның уға ҡулдарын ҡуйыуын үтенделәр. Ғайса уны халыҡ төркөмөнән ситкә алып китте. Икәүҙән-икәү ҡалғас, бармаҡтарын уның ҡолаҡтарына тыҡты ла, төкөрөп, теленә ҡағылды. Күккә ҡарап көрһөндө лә: – Эффата! (Йәғни «Асыл!») – тине. Шунда уҡ теге кешенең ҡолаҡтары асылды, теле сиселде, һәм ул асыҡ итеп һөйләшә башланы. Ғайса ундағыларға был хаҡта ла бер кемгә лә һөйләп йөрөмәҫкә ҡушты. Әммә Ул тыйған һайын, улар тағы ла күберәк һөйләне. Кешеләрҙең ғәжәпләнеүҙәренең сиге юҡ ине. – Ул барыһын да яҡшы итеп эшләй: һаңғырауҙарҙы ишеттерә, телһеҙҙәрҙе һөйләштерә! – тине улар. Ул көндәрҙә тағы күп кеше йыйылды, уларҙың ашар ризыҡтары юҡ ине. Ғайса шәкерттәрен саҡырып: – Кешеләрҙе йәлләйем. Улар өс көн буйы Минең янымда, ә ашарҙарына бер нәмәләре лә юҡ. Әгәр Мин уларҙы ас килеш өйҙәренә ҡайтарып ебәрһәм, юлда хәлдәре бөтөр. Ҡайһы берҙәре алыҫтан килгән бит, – тине. – Бынау ҡола ялан ерҙә барыһын да туйҙырырлыҡ икмәкте ҡайҙан алмаҡ кәрәк инде? – тип яуап бирҙе шәкерттәре. – Һеҙҙең нисә икмәгегеҙ бар? – тип һораны Ғайса. – Ете, – тине улар. Ғайса халыҡҡа ергә ултырырға ҡушты ла, ете икмәкте алып Аллаға шөкөрана ҡылғас, бүлгеләп, халыҡҡа өләшер өсөн шәкерттәренә бирҙе, улары халыҡҡа таратты. Бер аҙ балыҡтары ла бар ине. Ғайса, шөкөрана ҡылғас, уларҙы ла өләшергә ҡушты. Кешеләр ашап туйҙы. Ҡалған һыныҡтарҙы ете кәрзин итеп йыйып алдылар. Ә ашаусылар дүрт мең самаһы кеше ине. Ғайса уларҙы өйҙәренә ҡайтарып ебәрҙе. Үҙе шунда уҡ, шәкерттәре менән кәмәгә ултырып, Далмануҫа ерҙәренә китте. Фарисейҙар килеп, Ғайса менән бәхәсләшә башланы. Уны һынарға теләп, күктән илаһи билдә күрһәтеүен талап иттеләр. Ғайса ауыр көрһөндө: – Ниңә был заман кешеләре илаһи билдә талап итә икән? Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: бөгөнгө быуынға илаһи билдә бирелмәйәсәк, – тине. Ғайса улар янынан китте, тағы кәмәгә ултырып, аръяҡҡа сыҡты. Шәкерттәр үҙҙәре менән икмәк алырға онотҡайны, кәмәлә бер генә икмәктәре бар ине. Ғайса шәкерттәрен: – Ҡарағыҙ уны, фарисейҙар әсеткеһенән дә, Һируд әсеткеһенән дә һаҡ булығыҙ! – тип киҫәтте. Шәкерттәр үҙ-ара: «Икмәгебеҙ булмағанға шулай тип әйтәлер», – тип һөйләшә ине. Ғайса, быны белеп, уларға: – Ни өсөн һеҙ икмәгегеҙ юҡлығы тураһында һөйләшәһегеҙ? – тине. – Һаман аңығыҙға барып етмәйме, бер нимә лә аңламайһығыҙмы? Күңелдәрегеҙ бөтөнләйгә ҡатып ҡалғанмы ни? Күҙҙәрегеҙ булып та, күрмәйһегеҙме? Ҡолаҡтарығыҙ булып та, ишетмәйһегеҙме? Хәтерләмәйһегеҙме ни: Мин биш икмәкте биш мең кешегә бүлгеләп биргәндә, ҡалған һыныҡтарҙан һеҙ нисә тулы кәрзин йыйып алдығыҙ? – Ун ике, – тинеләр Уға. – Ә инде ете икмәкте дүрт меңгә бүлгәндә, ҡалған һыныҡтарҙан һеҙ нисә тулы кәрзин йыйып алдығыҙ? – Ете, – тип яуапланы тегеләр. – Әле һаман да аңламайһығыҙмы? – тине Ғайса. Бына улар Бейт-Сайдаға килде. Кешеләр бер һуҡырҙы алып килделәр ҙә Ғайсаның уға ҡул тейҙереүен үтенделәр. Ғайса һуҡырҙы етәкләп ауылдан алып сыҡты, күҙҙәренә төкөрөгөн бөркөп, ҡулдарын ҡуйҙы. – Берәй нимә күрәһеңме? – тип һораны. – Кешеләрҙе күрәм, – тине теге өҫкә ҡарап. – Ағастарға оҡшағандар, тик йөрөйҙәр. Ғайса ҡулдарын уның күҙҙәренә ҡабат ҡуйып алғас, ул текләп ҡараны ла, һауығып, бөтә нәмәне асыҡ итеп күрҙе. Ғайса: – Бар, ауылға инеп торма, – тип уны өйөнә ҡайтарып ебәрҙе. Ғайса шәкерттәре менән Филиппус Ҡайсареяһы тирәһендә урынлашҡан ауылдарға китте. Юлда барғанда Ул шәкерттәренән: – Кешеләр Мине кем тип иҫәпләй? – тип һораны. – Берәүҙәр Һине Сумдырыусы Яхъя ти, икенселәре – Ильяс, ә ҡайһылары пәйғәмбәрҙәрҙең береһе тип уйлай, – тип яуап ҡайтарҙылар. – Ә һеҙ Мине кем тип иҫәпләйһегеҙ? – тип һораны Ғайса. – Һин – Мәсих, – тине Петрус. Ғайса Үҙе тураһында бер кемгә лә һөйләмәҫкә ҡушты. Ғайса шәкерттәренә Әҙәм Улының күп ғазаптар кисерәсәге, аҡһаҡалдар, баш ҡаһиндар һәм ҡанун белгестәре тарафынан кире ҡағыласағы һәм үлтереләсәге, ә өс көндән һуң тереләсәге тураһында аңлата башланы. Был хаҡта Ул асыҡтан-асыҡ һөйләне. Шул ваҡыт Петрус, Ғайсаны ситкәрәк алып китеп, Уға ҡаршы төштө. Әммә Ғайса шәкерттәренә боролоп ҡараны ла Петрусты: – Кит янымдан, Иблис! Һин Алла уйлағанса түгел, әҙәмсә фекерләйһең, – тип тыйып ҡуйҙы. Шәкерттәрен һәм халыҡты саҡырып, Ғайса былай тине: – Әгәр берәй кеше Минең артымдан барырға теләһә, шул үҙ-үҙенән ваз кисһен һәм, үҙенең арҡысағын йөкмәп, Миңә эйәрһен. Кем үҙенең йәнен һаҡлап ҡалырға теләй, уны юғалтыр; әммә кем үҙенең йәнен Минең хаҡыма һәм Һөйөнөслө Хәбәр хаҡына юғалта, уны һаҡлап ҡалыр. Әгәр кеше бөтөн донъяны ҡаҙанып та, йәнен һәләк итһә, бынан уға ни файҙа? Йәнен ҡайтарып алыр өсөн ул нимә түләй ала? Иманһыҙ һәм гонаһлы был быуын алдында кем дә булһа Минән һәм Минең һүҙҙәремдән ояла икән, Әҙәм Улы ла, Атаһының балҡып торған шөһрәте эсендә изге фәрештәләре менән килгәндә, ул кешенән оялыр. – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, – тине Ғайса. – Бында баҫып торған кешеләрҙең ҡайһы берәүҙәре, Алла Батшалығының ҡөҙрәт менән килеүен күргәнсе, үлем татымаҫ. Алты көндән һуң Ғайса, Петрусты, Яҡупты һәм Яхъяны алып, бейек тауға менде. Улар унда үҙҙәре генә ине. Ғайсаның ҡиәфәте шәкерттәренең күҙ алдында үҙгәрҙе: кейемдәре балҡып, ер йөҙөндә һис кем был тиклем ағарта алмаҫлыҡ ап-аҡ төҫкә инде. Уларҙың ҡаршыһында Ильяс менән Муса пәйғәмбәрҙәр пәйҙә булды. Улар Ғайса менән һөйләшә ине. Петрус Ғайсаға: – Остаз, беҙҙең бында булыуыбыҙ ҡайһылай яҡшы! Өс сатыр ҡорайыҡ: береһен – Һиңә, береһен – Мусаға, береһен – Ильясҡа, – тине. Был һүҙҙәрҙе ул нимә тип әйтергә белмәгәнлектән әйтте, сөнки улар өсөһө лә бик ҡурҡҡайны. Шул мәлдә болот килеп сығып, уларҙы күләгәһе менән ҡаплап алды. Болот эсенән: «Был – Минең һөйөклө Улым, Уны тыңлағыҙ!» – тигән тауыш ишетелде. Шәкерттәр ҡапыл тирә-яҡтарына ҡарап алдылар, әммә яндарында Ғайсанан башҡа бер кемде лә күрмәнеләр. Тауҙан төшкәндә Ғайса уларға, Әҙәм Улы үленән терелеп торғанға тиклем, әле күргәндәрен берәүгә лә һөйләмәҫкә ҡушты. Улар был һүҙҙәрҙе күңелдәренә һалып ҡуйҙы, ләкин үҙ-ара: «Уның „үленән терелеп тороу“ тигәне нимә аңлата икән?» – тип һөйләштеләр. Ғайсанан иһә: – Ниңә ҡанун белгестәре, тәүҙә Ильяс килергә тейеш, тиҙәр? – тип һоранылар. – Ысынлап та, тәүҙә Ильяс килеп, һәр нәмәне үҙ урынына ҡуясаҡ, – тине Ғайса. – Ни өсөн Изге Яҙмала, Әҙәм Улына күп ғазаптар күрергә, кәмһетелергә тура киләсәк, тип яҙылған һуң? Ләкин Мин һеҙгә шуны әйтәм: Ильяс килде инде һәм, уның тураһында яҙылғанса, уға ҡарата нимә теләһәләр, шуны ҡылдылар. Бүтән шәкерттәр янына әйләнеп ҡайтҡас, бында күп халыҡ йыйылғанын һәм ҡанун белгестәренең улар менән бәхәсләшеп торғанын күрҙеләр. Ғайсаны күреү менән, бөтә халыҡтың иҫе китте, йүгереп килеп, Уны сәләмләнеләр. Ғайса шәкерттәренән: – Улар менән нимә хаҡында бәхәсләшәһегеҙ? – тип һораны. Халыҡ араһынан берәү: – Остаз! Мин Һиңә үҙемдең улымды алып килгәйнем. Эсенә яуыз рух эйәләшеп, баламды телһеҙ итте. Ен уны теләһә ҡайҙа эләктереп ала ла ергә бәрә. Малай, ауыҙынан күбек ағыҙып, тештәрен шығырҙатып, тәне тартышып ҡата. Шәкерттәреңдән енде ҡыуып сығарыуҙарын үтенгәйнем, булдыра алманылар, – тине. – Эй, иманһыҙ быуын! – тине Ғайса уларға. – Миңә һеҙҙең менән тағы күпме булырға ла күпме түҙергә? Килтерегеҙ малайҙы Минең яныма! Баланы алып килделәр. Ғайсаны күреү менән, яуыз рух малайҙың тәнен дер һелкетә башланы. Бала, ергә йығылып, ауыҙынан күбек ағыҙа-ағыҙа тәгәрләй башланы. Ғайса малайҙың атаһынан: – Ул был хәлгә күптән тарынымы? – тип һораны. – Бала сағынан шулай, – тип яуап бирҙе атаһы. – Яуыз рух, уны һәләк итергә тырышып, йыш ҡына әле утҡа, әле һыуға ташланы. Ҡулыңдан килһә, ярҙам ит, ҡыҙған беҙҙе! – «Ҡулыңдан килһә»? Был ни тигән һүҙ ул? Ышанысы булған кешегә барыһы ла мөмкин, – тине Ғайса. Малайҙың атаһы шунда уҡ ҡысҡырып ебәрҙе: – Ышанам! Әммә ышанысым аҙ, уны нығытырға ярҙам ит миңә! Халыҡтың йүгерә-атлай йыйылыуын күргән Ғайса яуыз рухҡа: – Телһеҙлек һәм һаңғыраулыҡ рухы! Мин һиңә бойорам: баланың эсенән сыҡ та бүтән инмә! – тине. Яуыз рух, малайҙың тәнен бик ныҡ тартыштырып, һөрәнләп килеп сыҡты. Малай үлгәндәй булды. Шунлыҡтан күптәр уны «үлде» тине. Ғайса ҡулынан тотоп торғоҙғас, малай аяғына баҫты. Ғайса өйгә инде. Шәкерттәре Уның менән үҙҙәре генә ҡалғас: – Ни өсөн беҙ уны ҡыуып сығара алманыҡ икән? – тип һоранылар. – Бындай ендәрҙе бары тик доға менән генә ҡыуып сығарып була, бүтән төрлө юлы юҡ, – тине Ғайса. Бынан киткәс, улар Галилея ере аша үтте. Ғайса был хаҡта бер кемдең дә белеүен теләмәне, сөнки Үҙенең шәкерттәрен аң-белемгә өйрәтеү менән мәшғүл ине. – Әҙәм Улы кешеләр ҡулына тотоп биреләсәк һәм үлтереләсәк. Әммә үлтерелгәндән һуң өс көн үткәс, терелеп торасаҡ, – тине Ул. Шәкерттәре был һүҙҙәрҙең айышына төшөнмәне, әммә Унан һорарға ҡурҡтылар. Улар Капернаумға әйләнеп килде. Өйгә ингәс, Ғайса шәкерттәренән: – Юлда саҡта һеҙ нимә тураһында һөйләштегеҙ? – тип һораны. Тегеләр өндәшмәне, сөнки юл буйына араларында кем иң бөйөгө тип бәхәсләшеп килгәйнеләр. Ғайса, ултырғас, ун ике шәкертен янына саҡырып: – Кем беренсе булырға теләй, шул иң һуңғыһы булһын һәм бөтәһенә лә хеҙмәт итһен, – тине. Ул бер баланы алып уларҙың уртаһына баҫтырҙы ла, уны ҡосаҡлап, шәкерттәренә: – Ошондай балаларҙың береһен кем Минең хаҡыма ҡабул итә, шул Мине лә ҡабул итә. Ә Мине ҡабул иткән кеше Мине түгел, ә Мине Ебәргәнде ҡабул итә, – тине. – Остаз, – тине Яхъя, – беҙ бер кешенең Һинең исемең менән ендәрҙе ҡыуып сығарғанын күрҙек. Беҙҙең менән йөрөмәгәнгә, беҙ уны тыйҙыҡ. Ғайса былай яуап бирҙе: – Тыймағыҙ уны. Минең исемем менән мөғжизәле эш ҡыла алған кеше Минең хаҡта яман һүҙ һөйләмәҫ. Кем беҙгә ҡаршы түгел, шул беҙҙең яҡлы. Кем Мәсихтеке булғанығыҙ өсөн һеҙгә бер сеүәтә һыу эсерә, хаҡ һүҙ әйтәм: шул үҙ әжеренән мәхрүм ҡалмаясаҡ. Әммә Миңә ышанған бынау кесе йәндәрҙең берәйһен юлдан яҙҙырған кешене, муйынына тирмән ташы аҫып диңгеҙгә ташлаһалар, уның өсөн хәйерлерәк булыр ине. Әгәр ҙә күҙең гонаһҡа ҡотортһа, уны һурып алып ташла! Ике күҙең менән йәһәннәмгә ырғытылыуға ҡарағанда, һыңар күҙле килеш Алла Батшалығына инеүең хәйерлерәк. Йәһәннәмдә кешеләрҙе кимереүсе ҡорттар үлмәй һәм ут һүнмәй. Һәр кем ут менән «тоҙланыр». Тоҙ – яҡшы нәмә, ә тоҙ тоҙһоҙланһа, уның тәмен нисек ҡайтарырһығыҙ? Тоҙ һеҙҙең үҙегеҙҙә булһын һәм бер-берегеҙ менән татыу булығыҙ. Ғайса, бынан киткәс, Йәһүҙиәгә һәм Иордан аръяғындағы ерҙәргә йүнәлде. Йәнә янына халыҡ йыйылды һәм Ул, ғәҙәттәгесә, уларға аң-белем бирҙе. Фарисейҙар килеп, Уны һынар өсөн: – Ир кешегә ҡатынын айырырға рөхсәт ителәме? – тип һоранылар. – Муса һеҙгә нимә ҡушҡан һуң? – тине Ғайса. – Муса ир кешегә, айырылышыу ҡағыҙы яҙып, ҡатынын айырырға рөхсәт иткән, – тине фарисейҙар. – Ул был бойороҡто таш йөрәкле булғанығыҙға күрә яҙған, – тине Ғайса. – Тәүҙән үк, бөтә нәмәне бар иткәндә, Алла «уларҙы ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ итеп яратты». «Шуға күрә ир кеше, атаһы менән әсәһен ҡалдырып, ҡатынына ҡушылыр һәм икеһе бер тән булырҙар». Тимәк, улар инде икәү түгел, ә бер бөтөн. Шулай булғас, Алла бергә ҡушҡанды кеше айырмаһын. Өйҙә саҡта шәкерттәре был хаҡта Ғайсанан ҡабат һораны. – Ҡатынын айырып, башҡаға өйләнгән ир ҡатынына ҡарата зина ҡыла, – тине Ғайса. – Иренән айырылып, башҡаға кейәүгә сыҡҡан ҡатын да зина ҡыла. Ҡағылып, Үҙ фатихаһын бирһен өсөн, Ғайса янына балаларын алып килделәр, шәкерттәре иһә, уларҙы шелтәләп, үткәрмәне. Быны күргән Ғайса асыуланды: – Балаларҙы Минең яныма үткәрегеҙ, уларға ҡамасауламағыҙ! Алла Батшалығы – ошондайҙарҙыҡы. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: кем Алла Батшалығын балалар һымаҡ ҡабул итмәй, шул унда инмәйәсәк. Ул балаларҙы ҡосаҡланы ла, ҡулдарын ҡуйып, фатихаһын бирҙе. Ғайса юлға сыҡҡанда янына бер кеше йүгереп килде лә, Уның алдында тубыҡланып: – Игелекле Остаз, мәңгелек тормошто мираҫ итеп алыр өсөн миңә нимә эшләргә кәрәк? – тип һораны. – Ниңә һин Мине игелекле тип атайһың? – тине Ғайса. – Алланан башҡа бер кем дә игелекле түгел. Һин Уның бойороҡтарын беләһең: «Кеше үлтермә, зина ҡылма, урлашма, ялған шаһитлыҡ итмә, алдашма, атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит». – Остаз, мин быларҙың бөтәһен дә йәш сағымдан уҡ үтәп киләм, – тине теге. Ғайса уға яратып ҡараны ла: – Һиңә бер генә нәмә етмәй. Бар, булған мөлкәтеңде һат та фәҡирҙәргә өләш. Шулай эшләһәң, күктәге хазинаға эйә булырһың. Шунан кил дә Миңә эйәр, – тине. Теге кеше, был һүҙҙәрҙән ҡайғыға төшөп, китеп барҙы: ул бик бай ине. Ғайса тирә-яғына ҡараш ташланы ла шәкерттәренә: – Байлығы булған кешеләргә Алла Батшалығына инеү ни тиклем ҡыйын! – тине. Уның был һүҙҙәренә шәкерттәр бик ныҡ ғәжәпләнде. – Эй, балаларым, Алла Батшалығына инеү шул тиклем ҡыйын! – тип ҡабатланы Ғайса. – Бай кешегә Алла Батшалығына инеүгә ҡарағанда, дөйәгә энә күҙәүе аша үтеү еңелерәк. Улар, бик ныҡ аптырап, үҙ-ара: – Улай булғас, кем генә ҡотола алыр һуң? – тип һөйләштеләр. Ғайса уларға ҡарап: – Кешеләр өсөн был мөмкин түгел, ләкин Алла өсөн бөтәһе лә мөмкин, – тине. Шунда Петрус: – Бына беҙ, бөтә нәмәбеҙҙе ҡалдырып, Һиңә эйәрҙек, – тине. – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, – тип яуапланы Ғайса. – Йортон, ағай-энеләрен, апай-һеңлеләрен, ата-әсәһен, балаларын йә баҫыуҙарын Минең хаҡыма һәм Һөйөнөслө Хәбәр хаҡына ҡалдырып киткәндәр был тормошта йөҙ тапҡырға күберәк йорттар, ағай-эне, апай-һеңле, әсәйҙәр, балалар, баҫыуҙар алыр, тик быға өҫтәп эҙәрлекләүҙәр ҙә алыр. Ә киләсәк донъяла мәңгелек тормошҡа эйә булырҙар. Әммә беренсе булғандарҙың күбеһе – һуңғы, һуңғылар беренсе булыр. Улар Йәрүсәлимгә китеп бара ине. Ғайса шом баҫҡан шәкерттәренең алдынан атланы, уларҙың артынан ғәжәпкә ҡалған халыҡ эйәрҙе. Ғайса, ун ике шәкертен ҡабаттан ситкә алып китеп, Үҙенең башына төшәсәк хәлдәр хаҡында һөйләй башланы: – Әле беҙ Йәрүсәлимгә китеп барабыҙ. Унда Әҙәм Улы баш ҡаһиндар һәм ҡанун белгестәре ҡулына тотоп биреләсәк. Уны, үлемгә хөкөм итеп, мәжүсиҙәр ҡулына тапшырырҙар. Тегеләр Әҙәм Улын мыҫҡыллар, өҫтөнә төкөрөр, ҡамсылар һәм үлтерер. Ләкин өс көндән Ул терелеп торор. Уның янына Зәбәҙәйостың улдары Яҡуп менән Яхъя килде. – Остаз, теләгебеҙҙе үтәһәң ине, – тине улар. – Һеҙҙең өсөн нимә эшләүемде теләйһегеҙ? Улар былай тип яуап бирҙе: – Һин шөһрәткә өлгәшкәс, беҙҙе Үҙең менән йәнәшә ултыртһаң ине: беребеҙҙе – уң яғыңа, икенсебеҙҙе – һул яғыңа. – Һеҙ нимә һорағанығыҙҙы аңламайһығыҙ, – тине Ғайса. – Мин эсәсәк ғазап туҫтағынан һеҙ ҙә эсә алырһығыҙмы йәки Мин сумдырылған кеүек сумдырыла алырһығыҙмы? – Алырбыҙ, – тип яуап бирҙе улар. – Мин эсәсәк туҫтаҡтан эсерһегеҙ, Мин сумдырылған кеүек һеҙ ҙә сумдырылырһығыҙ. Ә инде уң яғымда йәки һул яғымда ултырырға рөхсәт биреү Минең ихтыярымда түгел. Был урындар кемдәргә әҙерләнгән, шулар ултырасаҡ, – тине Ғайса уларға. Был һөйләшеүҙе ишеткәс, ҡалған ун шәкерттең Яҡуп менән Яхъяға асыуҙары килде. Ә Ғайса уларҙы саҡырып былай тине: – Беләһегеҙ бит: халыҡтарҙың етәкселәре тип һаналғандар улар өҫтөнән хакимлыҡ итә, башлыҡтар ҙа уларға баш була. Ә һеҙҙең арала улай булмаһын! Арағыҙҙа кем бөйөк булырға теләй, шул башҡаларға хеҙмәтсе булһын. Арағыҙҙа кем беренсе булырға теләй, шул һәммәгеҙгә ҡол булһын. Әҙәм Улы ла бит Үҙенә хеҙмәт иттерер өсөн килмәне. Үҙе хеҙмәт итергә һәм, Үҙенең йәнен фиҙа ҡылып, күптәрҙе азат итергә килде. Улар Йерихо ҡалаһына килде. Ғайса шәкерттәре һәм күп һанлы халыҡ менән Йерихонан сығып барғанда, юл ситендә Бартимай (йәки Тимай улы) тигән һуҡыр хәйерсе ултыра ине. Үтеп барыусының назаралы Ғайса икәнен ишетеп, ул ҡысҡыра башланы: – Дауыт Улы Ғайса, мине йәллә инде! Күптәре уны әрләп, тыйырға тырышты, ләкин ул тағы ла көслөрәк итеп: – Дауыт Улы, мине йәллә инде! – тип ҡабатланы. Ғайса туҡтап: – Саҡырығыҙ уны! – тине. – Ҡурҡма, тор, Ул һине саҡыра, – тип һуҡырға килеп әйттеләр. Бартимай, өҫ кейемен сисеп ташлап, һикереп торҙо ла Ғайса янына килде. – Һинең өсөн нимә эшләүемде теләйһең? – тип һораны Ғайса. – Остаз, күҙҙәрем күрһен ине! – тине һуҡыр. Ғайса уға: – Бар, һине ышаныуың һауыҡтырҙы, – тине. Был кеше шунда уҡ күрә башланы һәм юл буйлап Ғайсаға эйәреп китте. Йәрүсәлимгә яҡынлашып, Зәйтүн тауына, Бейт-Фаге һәм Бейт-Әниә ауылдарына етеп килгәндә, Ғайса ике шәкертен алдан ебәрҙе. Уларға: – Ҡаршылағы ауылға барығыҙ, – тине. – Унда инеү менән бәйҙә торған, бығаса һис кем менмәгән йәш ишәкте күрерһегеҙ. Уны ысҡындырып, бында алып килегеҙ. Әгәр ҙә берәйһе: «Һеҙ нимә эшләйһегеҙ?» – тип һораһа, «Ул Хужаға кәрәк, Хужа уны тиҙ арала ҡайтарып бирер», – тип әйтегеҙ. Шәкерттәре, урамда ишек төбөнә бәйләп ҡуйылған йәш ишәкте табып, уны бауҙан ысҡындыра башланылар. Шунда торған кешеләрҙең ҡайһы берәүҙәре уларҙан: – Нимә эшләйһегеҙ? Ишәкте ниңә бауҙан ысҡындыраһығыҙ? – тип һораны. Шәкерттәр Ғайса ҡушҡанса яуап ҡайтарғас, тегеләр уларҙы тотҡарламаны. Ишәкте Ғайса янына алып килеп, өҫ кейемдәрен уның өҫтөнә һалдылар. Ғайса ишәккә атланды. Кешеләрҙең күбеһе өҫ кейемдәрен сисеп юлға түшәне, башҡалары иһә яландағы ағастарҙың ботаҡтарын киҫеп һалды. Алдан барыусылар ҙа, Уның артынан килеүселәр ҙә: – Һосанна! Раббы исеме менән Килеүсе мөбәрәк булһын! Атабыҙ Дауыттың яҡынлашып килгән батшалығы мөбәрәк булһын! Бейек күктәрҙә һосанна! – тип ҡысҡырҙылар. Ғайса, Йәрүсәлимгә инеп, Алла йортона йүнәлде. Барыһын да ҡарап сыҡҡас, ваҡыт инде һуң булғанлыҡтан, ун ике шәкерте менән Бейт-Әниәгә китте. Иртәгәһе көндө, Бейт-Әниәнән сыҡҡан мәлдәрендә, Ғайса асыҡҡанын тойҙо. Алыҫта япраҡҡа күмелеп ултырған инжир ағасын күреп, емеше булмаҫмы, тип уның янына килде, әммә япраҡтан башҡа бер нәмә лә тапманы: инжир ваҡыты етмәгәйне әле. Ғайса ағасҡа: – Бынан ары емешеңде мәңге һис кем ашамаһын! – тине. Шәкерттәре быны ишетеп торҙо. Улар Йәрүсәлимгә килеп етте. Алла йортона инеү менән, Ғайса ундағы һатыусылар менән һатып алыусыларҙы ҡыуып сығарырға кереште, аҡса алмаштырыусыларҙың өҫтәлдәрен, күгәрсен һатыусыларҙың ултырғыстарын ауҙарып ташланы. Алла йорто аша бер нәмә лә алып үтергә рөхсәт итмәне. Ғайса уларҙы аң-белемгә өйрәтеп: – Изге Яҙмала: «Минең Йортом бар халыҡтар өсөн доға ҡылыу йорто тип аталыр», – тип әйтелмәгәнме ни? Ә һеҙ уны юлбаҫарҙар ояһына әйләндергәнһегеҙ! – тине. Быны ишеткәс, баш ҡаһиндар һәм ҡанун белгестәре Ғайсаны һәләк итеү әмәлен эҙләне. Бөтә халыҡ Уның өйрәткәндәрен таң ҡалып тыңлағанға күрә, Унан ҡурҡтылар. Кис еткәс, Ғайса шәкерттәре менән ҡаланан сығып китте. Икенсе көндө иртән инжир ағасы янынан үтеп барғанда, уның тамырына тиклем ҡороғанын күрҙеләр. Петрус иһә, кисәге хәлде хәтерләп, Ғайсаға: – Остаз! Ҡара әле, Һин ҡарғаған инжир ағасы ҡороған, – тине. Ғайса уларға былай яуап бирҙе: – Аллаға ышанысығыҙ булһын! Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр ҙә кемдер бынау тауға: «Күтәрелеп, диңгеҙгә ташлан!» – тип әйтһә һәм күңеленән һүҙенең үтәләсәгенә икеләнеүһеҙ ышанһа, теләге бойомға ашасаҡ. Шуға күрә һеҙгә әйтәм: доға ҡылғанда ни һораһағыҙ ҙа, алдым, тип ышанығыҙ – һәм һеҙгә бирелер. Улар тағы Йәрүсәлимгә килделәр. Алла йортонда йөрөгән сағында, Ғайса янына баш ҡаһиндар, ҡанун белгестәре һәм аҡһаҡалдар килеп: – Быларҙы Һин ниндәй вәкәләт менән эшләйһең? Быларҙы башҡарырға кем Һиңә вәкәләт бирҙе? – тип һораны. – Мин һеҙгә бер һорау бирәм, – тине Ғайса. – Әгәр ҙә яуап ҡайтарһағыҙ, Мин дә быларҙы ниндәй вәкәләт менән башҡарыуымды әйтермен. Яхъяның һыуға сумдырыу хоҡуғы күктән инеме, әллә кешеләрҙәнме? Яуап бирегеҙ әле Миңә! Тегеләр үҙ-ара: – Әгәр: «Күктән», – тиһәк, Ул: «Ниңә һуң һеҙ уға ышанманығыҙ», – тип һораясаҡ; «Кешеләрҙән», – тип әйтергәме әллә? – тиештеләр. Ләкин халыҡтан ҡурҡтылар, сөнки барыһы ла Яхъяны ысынлап та пәйғәмбәр тип иҫәпләй ине. Шуға күрә Ғайсаға: – Белмәйбеҙ, – тип яуап ҡайтарҙылар. – Улай булғас, Мин дә һеҙгә быларҙы ниндәй вәкәләт менән башҡарғанымды әйтмәйем, – тине Ғайса. Ғайса уларға ҡиссалар менән һөйләй башланы: – Бер кеше йөҙөм баҡсаһы ултыртҡан. Уны ҡойма менән уратып алған, йөҙөм иҙеү өсөн һыҡҡыс ҡаҙыған, ҡарауыл манараһы төҙөп ҡуйған да, баҡсаны йөҙөм үҫтереүселәргә ҡуртымға биреп, ситкә сығып киткән. Емеш йыйыр ваҡыт еткәс, уңышынан үҙ өлөшөн алдырыр өсөн, хеҙмәтсеһен ебәргән. Ә йөҙөм үҫтереүселәр, хеҙмәтсене тотоп туҡмап, буш ҡул менән ҡайтарған. Хужа икенсе хеҙмәтсеһен ебәргән. Әммә быныһының башын йәрәхәтләгәндәр, мыҫҡыл иткәндәр. Тағы береһен ебәргән – уныһын үлтергәндәр. Ул ебәргән башҡалар менән дә шулай эшләгәндәр: ҡайһыһын туҡмағандар, ҡайһыһын үлтергәндәр. Хужа ахыр сиктә: «Улыма хөрмәт күрһәтерҙәр», – тип уйлап, ғәзиз улын ебәргән. Әммә йөҙөм үҫтереүселәр үҙ-ара: «Был – вариҫ бит. Әйҙәгеҙ, уны үлтерәйек тә, уға ҡала торған мираҫ беҙҙеке булыр», – тиешкәндәр. Уны тотоп үлтергәндәр ҙә йөҙөм баҡсаһынан тышҡа сығарып ташлағандар. Инде баҡса хужаһы нимә эшләр? Ул, килеп, йөҙөм үҫтереүселәрҙе үлтерер, ә баҡсаны башҡаларға бирер. Изге Яҙмала: «Төҙөүселәр яраҡһыҙ тип ташлаған таш иң мөһим мөйөш ташы булды. Был Раббы тарафынан эшләнде – күҙ алдыбыҙҙағы ғәжәйеп хәл», – тигәнде лә уҡыманығыҙмы әллә? Ҡиссаның үҙҙәре тураһында икәнен аңлап, йәһүд башлыҡтары Ғайсаны ҡулға алырға теләне, әммә халыҡтан ҡурҡты. Шунлыҡтан Уны ҡалдырып, китеп барҙылар. Бәйләнерлек һүҙ әйтмәҫме тип, бер нисә фарисейҙы һәм Һируд батша яҡлыларҙы Ғайса янына ебәрҙеләр. Улар килеп: – Остаз, Һинең тура һүҙле булыуыңды һәм бер кемдән дә ҡурҡмауыңды беләбеҙ. Һин бер кемгә лә ярарға тырышмайһың, әммә, дөрөҫлөктән ситкә китмәйенсә, Алла юлына өйрәтәһең. Әйтсе, ҡайсарға һалым түләү дөрөҫмө, әллә юҡмы? Беҙгә түләргәме, юҡмы? – тинеләр. Уларҙың ике йөҙлөлөгөн белеп, Ғайса: – Һеҙ ниңә Миңә тоҙаҡ ҡораһығыҙ? Миңә динар алып килеп күрһәтегеҙ әле! – тине. Уға динар бирҙеләр. Ғайса уларҙан: – Бында кемдең һүрәте төшөрөлгән һәм кемдең исеме яҙылған? – тип һораны. – Ҡайсарҙыҡы, – тине тегеләр. – Ҡайсарҙыҡын – ҡайсарға, ә Алланыҡын Аллаға бирегеҙ, – тине Ғайса. Ғайсаның яуабына уларҙың һушы китте. Саддукейҙар үленән терелеүҙе инҡар итә ине. Уларҙың ҡайһы берәүҙәре, Ғайса янына килеп, һорау бирҙеләр: – Остаз, Муса ҡанунда беҙгә: «Әгәр ҙә берәүҙең туғаны балаһы булмайынса үлеп китеп, ҡатыны яңғыҙ ҡалһа, башҡа туғаны был тол ҡатынды алһын, үлгән туғанының нәҫелен дауам итһен», – тип яҙып ҡалдырған. Ете бер туған булған. Беренсеһе өйләнгән һәм нәҫел ҡалдырмайынса үлеп киткән. Уның ҡатынына икенсе туғаны өйләнгән һәм ул да бала күрмәйенсә үлгән. Өсөнсөһө менән дә тап шулай булған. Ете бер туғандың береһе лә нәҫел ҡалдыра алмаған. Бөтәһенән аҙаҡ ҡатын да вафат булған. Үлеләр терелгән ваҡытта ул ҡайһыһының ҡатыны буласаҡ? Етеһе лә уның ире булған бит! – Яңылышаһығыҙ, – тине уларға Ғайса. – Беләһегеҙме ни өсөн? Сөнки һеҙ Изге Яҙманы ла, Алланың ҡөҙрәтен дә белмәйһегеҙ. Үлгәндәр терелгәс, өйләнмәҫ тә, кейәүгә лә сыҡмаҫ. Улар күктәге фәрештәләр кеүек булыр. Ә үлгәндәрҙең терелеүенә килгәндә, Муса китабының янып торған күгән ҡыуағы тураһындағы өҙөгөндә Алланың уға: «Мин – Ибраһим Аллаһы, Исхаҡ Аллаһы һәм Яҡуп Аллаһы», тигәнен уҡыманығыҙмы ни? Алла – үлеләрҙең түгел, тереләрҙең Аллаһы. Һеҙ бик ныҡ яңылышаһығыҙ. Уларҙың бәхәсләшкәнен ишеткән һәм Ғайсаның саддукейҙарға яҡшы итеп яуап биргәнен күргән бер ҡанун белгесе Уның янына килеп: – Бөтә бойороҡтарҙың ҡайһыһы иң мөһиме? – тип һораны. – Беренсе бойороҡ, – тип яуапланы Ғайса, – «Тыңла, Исраил! Раббы, Аллабыҙ беҙҙең – берҙән-бер Раббы! Аллаң Раббыны бөтә йөрәгең, бөтә йәнең, бөтә аҡылың һәм бөтә көсөң менән ярат». Ә икенсеһе былай: «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат». Быларҙан да бөйөгөрәк бойороҡ юҡ. – Яҡшы әйттең, Остаз, – тине ҡанун белгесе. – «Алла берҙән-бер һәм Унан башҡа Алла юҡ», – тип дөрөҫ әйтәһең. «Уны бөтә йөрәгең, бөтә аҡылың һәм бөтә көсөң менән яратыу» һәм «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек яратыу» тотош яндырылған һәм башҡа ҡорбандарҙың барыһынан да мөһимерәк. Ҡанун белгесенең аҡыллы яуабына Ғайса: – Һин Алла Батшалығынан йыраҡ түгел, – тине. Бынан һуң бер кем дә Ғайсаға һорау бирергә баҙнат итмәне. Ул, Алла йортонда аң-белем биреүен дауам итеп, былай тип һораны: – Ни өсөн ҡанун белгестәре Мәсихте Дауыт Улы тип әйтә? Изге Рух тәьҫире аҫтында булып, Дауыт үҙе үк: «Раббы Хакимыма әйтте: „Мин дошмандарыңды аяҡтарың аҫтына һалғанға тиклем, уң яғымда ултыр“», – тигән бит. Дауыт үҙе Мәсихте Хакимым тип исемләй. Шулай булғас, Ул нисек Дауыттың Улы була ала? Күмәк халыҡ төркөмө Ғайсаны рәхәтләнеп тыңланы. Ул Үҙенең нәсихәтендә: – Ҡанун белгестәренән һаҡ булығыҙ. Улар оҙон кейемдәр кейеп йөрөүҙе, баҙар майҙандарында башлап сәләм биргәнде, ғибәҙәтханаларҙа дәрәжәле урындарҙа һәм табын түрендә ултырыуҙы ярата. Улар тол ҡатындарҙың йорттарын үҙҙәренә ала, кешеләр күрһен тип, оҙаҡ итеп доға ҡыла. Ундайҙарҙы айырыуса ҡаты хөкөм көтә, – тине. Ғайса, саҙаҡа һандығы алдында ултырған килеш, халыҡтың аҡса һалыуын күҙәтте. Байҙарҙың күбеһе мул итеп һалды. Бына ярлы ғына бер тол ҡатын килеп, ике ваҡ аҡса (бер кодрант ) һалды. Ғайса, шәкерттәрен саҡырып, уларға: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: был ярлы тол ҡатын саҙаҡа һандығына бөтәһенән дә күберәк һалды. Тегеләрҙең барыһы ла үҙҙәренән артҡанды һалды, ә ул, ярлы булыуына ҡарамаҫтан, үҙендә булғандың бөтәһен – йәшәү өсөн кәрәк булғанын һалды, – тине. Ғайса Алла йортонан сығып барғанда, шәкерттәренең береһе: – Остаз! Ҡара әле, ниндәй таштар, ниндәй күркәм биналар! – тип өндәште. – Бына был мөһабәт биналарҙы күрәһеңме? – тине Ғайса. – Улар барыһы ла ҡыйраласаҡ! Бында таш өҫтөндә таш ҡалмаясаҡ. Ул Зәйтүн тауында, Алла йорто ҡаршыһында ултырған саҡта, Петрус, Яҡуп, Яхъя, Әндриас Уның менән айырым ғына ҡалғас: – Әйт әле беҙгә, һөйләгәндәрең ҡасан булыр? Уларҙың тиҙҙән ғәмәлгә ашасағын ниндәй билдәләр күрһәтер? – тип һоранылар. Ғайса һөйләй башланы: – Һаҡ булығыҙ, берәйһе һеҙҙе алдап ҡуймаһын! Күптәр: «Мин – Улмын», – тип Минең исемем менән килеп, бик күптәрҙе юлдан яҙҙырыр. Яҡындағы һуғыш тауыштарын һәм алыҫтағы яу хәбәрҙәрен ишеткәндә ҡурҡмағыҙ! Шулай булырға тейеш, ләкин был әле ахыры түгел. Халыҡ – халыҡҡа һәм батшалыҡ батшалыҡҡа ҡаршы күтәрелер, урыны-урыны менән ер тетрәп торор, аслыҡ та булыр. Былар – тулғаҡ тотоу ғазаптарының башы ғына. Һеҙ иһә һаҡ булығыҙ: һеҙҙе хөкөмгә тапшырырҙар һәм ғибәҙәтханаларҙа туҡмарҙар. Шаһитлыҡ ҡылыу өсөн, Минең арҡала һеҙҙе идарасылар, батшалар алдына баҫтырырҙар. Әммә уға тиклем бөтә халыҡтарға Һөйөнөслө Хәбәр еткерелергә тейеш. Һеҙҙе хөкөмгә алып барғанда, нимә һөйләргә, тип алдан борсолмағыҙ: шул мәлдә телегеҙгә ни бирелһә, шуны һөйләгеҙ. Сөнки һеҙ түгел, һеҙҙең урынға Изге Рух һөйләр. Туған – туғанын, ата балаһын үлемгә тапшырыр. Балалар, ата-әсәләренә ҡаршы сығып, уларға үлем килтерер. Минең арҡала бөтәһе лә һеҙгә нәфрәт менән ҡарар. Ләкин аҙаҡҡа тиклем сыҙаған кеше ҡотоласаҡ. Ә инде «ташландыҡ хәлгә килтереүсе ерәнгес бер нәмәнең» тейеш булмаған урында тороуын үҙегеҙ күргәс (был һүҙҙәрҙе уҡыған кеше аңлаһын!), Йәһүҙиәлә булғандар тауҙарға ҡасһын. Өй ҡыйығында булғандар, берәй нәмә алыр өсөн аҫҡа төшөп, ваҡытын әрәм итмәһен; баҫыуҙа булғандар иһә өҫ кейемен алырға тип өйөнә ҡайтмаһын. Ул көндәрҙә йөклө булған йәки имсәк балалы ҡатындарға ҡайғы! Былар ҡышҡа тап килмәһен, тип доға ҡылығыҙ. Сөнки ул көндәрҙә, Алла донъяны яратҡандан алып бөгөнгө көнгә тиклем булмаған һәм бер ҡасан да булмаясаҡ афәт килер. Әгәр ҙә Раббы ул көндәрҙе ҡыҫҡартмаһа, һис кем иҫән ҡала алмаҫ ине. Ләкин Раббы Үҙе һайлап алғандар хаҡына ул көндәрҙе ҡыҫҡартты. Әгәр һеҙгә шул ваҡытта кемдер: «Ҡара, Мәсих бында!» йәки: «Ул ана унда!» – тиһә, ышанмағыҙ! Сөнки ялған мәсихтәр һәм ялған пәйғәмбәрҙәр баш ҡалҡытыр. Улар, әгәр булдыра алһалар, һайлап алынғандарҙы юлдан яҙҙырыу өсөн төрлө хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрһәтер. Шуға күрә һаҡ булығыҙ – барыһын да Мин һеҙгә алдан әйттем. Ләкин ул көндәрҙә, афәттән һуң, «ҡояш ҡарайыр, ай нурын сәсмәҫ, күктән йондоҙҙар ҡойолор, күк көстәре тетрәр». Шул мәлдә Әҙәм Улының болоттарҙа бөйөк ҡөҙрәт һәм балҡыш менән килгәнен күрерҙәр. Шул ваҡыт Ул, фәрештәләрҙе ебәреп, ерҙең дүрт тарафынан – ер ситенән алып күк ситенә тиклем – Үҙе һайлағандарҙы йыйыр. Инжир ағасынан ғибрәт алығыҙ. Уның ботаҡтары бөрөләнеп япраҡ ярған саҡта, һеҙ йәй яҡынлашҡанын беләһегеҙ. Шуның кеүек, быларҙың ғәмәлгә ашҡанын күргәндә, Әҙәм Улының яҡында, ишек төбөндә генә булғанын белерһегеҙ. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: быларҙың барыһы ла әлеге быуын алмашынып өлгөрмәҫ элек ғәмәлгә ашыр. Күк менән ер юҡҡа сығыр, әммә Минең һүҙҙәрем бер ваҡытта ла юҡҡа сыҡмаясаҡ. Ул көндөң һәм ул сәғәттең ҡасан килерен бер кем белмәй: күктәге фәрештәләр ҙә, Атаның Улы ла. Был хаҡта бары тик Ата ғына белә. Һаҡ булығыҙ, уяу булығыҙ! Һеҙ бит ул ваҡыттың ҡасан етәсәген белмәйһегеҙ. Был сәфәргә сыҡҡан кешегә оҡшаш. Ул үҙ өйөн хеҙмәтселәренә ҡалдырып, уларҙың һәр ҡайһыһына тәғәйен эш ҡушып, ҡапҡа һаҡсыһына уяу торорға бойора. Шуға күрә, уяу булығыҙ! Өй хужаһының ҡасан ҡайтырын белмәйһегеҙ бит: кисме, төн уртаһындамы, тәүге әтәс ҡысҡырғандамы, йәиһә иртәнсәкме. Көтмәгәндә ҡайтып инеп, үҙегеҙҙе йоҡлап ятҡан килеш күреп ҡалмаһын! Һеҙгә әйткәндәремде бөтәһенә лә әйтәм: уяу булығыҙ! Ике көндән һуң Ҡотҡарылыу һәм Сөсө икмәк байрамы булырға тейеш ине. Баш ҡаһиндар һәм ҡанун белгестәре, Ғайсаны хәйлә менән ҡулға алып, үлтереү әмәлен эҙләне. «Тик быны байрам ваҡытында эшләмәйек, халыҡ араһында фетнә килеп сыҡмаһын», – тине улар. Ғайса Бейт-Әниәлә махаулы Шимғонда ашта саҡта, бик ҡиммәтле хуш еҫле саф нард майы һалынған алебастр һауыт тотоп, бер ҡатын килеп инде. Ул, һауытты ватып, майҙы Ғайсаның башына ҡойҙо. Ҡайһы берәүҙәр, асыуланып, бер-береһенә: – Ниңә был майҙы шулай әрәм итергә? Уны өс йөҙҙән ашыу динарға һатып, аҡсаһын фәҡирҙәргә өләшергә булыр ине бит, – тиешеп, ҡатынды әрләй башланы. – Теймәгеҙ уға, – тине Ғайса. – Ниңә уның хәтерен ҡалдыраһығыҙ? Минең өсөн яҡшылыҡ ҡылды бит ул. Фәҡирҙәр һәр ваҡыт һеҙҙең менән, теләгән мәлегеҙҙә уларға яҡшылыҡ күрһәтә алаһығыҙ, Мин иһә янығыҙҙа гел булмам. Ул хәленән килгәнде эшләне: Минең тәнемде алдан уҡ майлап, ерләргә әҙерләне. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Һөйөнөслө Хәбәр донъяның ҡайһы ғына мөйөшөндә вәғәзләнмәһен, был ҡатынды ла иҫкә алып, уның ҡылған эше хаҡында һөйләйәсәктәр. Шул осорҙа Йәһүҙә Искариот, ун ике шәкерттең береһе, Ғайсаны баш ҡаһиндар ҡулына тапшырырға ниәтләп, улар янына китте. Тегеләр быны ишетеп шатланды, уға аҡса бирергә вәғәҙә итте. Йәһүҙә, Ғайсаны уларҙың ҡулына тапшырыр өсөн, уңайлы мәл эҙләй башланы. Сөсө икмәк байрамының Ҡотҡарылыу байрамы бәрәсе салынған тәүге көнөндә шәкерттәре Ғайсанан: – Ҡотҡарылыу байрамы ашын ҡайҙа ашағың килә? Беҙ барып әҙерләйек, – тип һоранылар. – Ҡалаға барығыҙ, – тине Ул ике шәкертенә. – Унда һеҙгә һыулы көршәк күтәргән кеше осрар, шуның артынан эйәрегеҙ. Ул ингән өйҙөң хужаһына: «Остазыбыҙ һинән: „Шәкерттәрем менән Ҡотҡарылыу байрамы ашын ҡайһы бүлмәлә ашармын икән?“ – тип һорарға ҡушты», – тип әйтегеҙ. Ул һеҙгә өҫкө ҡатта йыһазландырылған, әҙерләнгән ҙур бүлмәне күрһәтер, беҙгә ашты шунда яраштырығыҙ. Шәкерттәр ҡалаға китте һәм, бөтәһен дә Ғайса әйткәнсә табып, байрам ашы әҙерләне. Кис еткәс, Ғайса ун ике шәкерте менән килде. Ашап ултырғанда Ул: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: арағыҙҙан Минең менән бергә ашап ултырған берегеҙ Миңә хыянат итәсәк, – тине. Шәкерттәре, хәсрәткә төшөп, бер-бер артлы: – Мин түгелдер бит? – тип һорай башланы. Ғайса уларға былай яуап бирҙе: – Ул ун икегеҙҙең береһе – икмәген Минең менән бер һауытҡа манып ашаусы. Әҙәм Улы Изге Яҙмала яҙылғандағыса китә, әммә Әҙәм Улына хыянат итәсәк кешегә ҡайғы! Әгәр ҙә тыумаған булһа, уның өсөн яҡшыраҡ булыр ине. Ашаған саҡта Ғайса ҡулына икмәк алып шөкөр итте лә, һындырып, шәкерттәренә өләште. – Алығыҙ, был – Минең тәнем, – тине Ул. Шунан кәсә алды ла, шөкөр иткәндән һуң, уны шәкерттәренә бирҙе. Барыһы ла шул кәсәнән эсте. – Был – Минең күптәр өсөн түгелә торған ҡаным. Ул – Алланың кешеләр менән килешеүен раҫлаусы ҡан. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Алла Батшалығында яңы шарап эсер көн етмәй тороп, Мин инде йөҙөм шарабы эсмәйәсәкмен, – тине Ғайса. Шөкөр мәҙхиәһен йырлағандан һуң, улар Зәйтүн тауына йүнәлде. – Һеҙ бөтәгеҙ ҙә Мине ташлаясаҡһығыҙ. Изге Яҙмала: «Көтөүсене һәләк итермен, шунда һарыҡтар таралышып бөтөр», – тип яҙылған. Ләкин, үленән терелеп торғандан һуң, Мин Галилеяға һеҙҙән алда барып етермен, – тине Ғайса. – Бөтәһе лә Һине ташлаһа ла, мин ташламаясаҡмын! – тине Петрус. – Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: бөгөн төндә таң әтәсе ике тапҡыр ҡысҡырғансы, һин Мине өс тапҡыр инҡар итәсәкһең, – тине уға Ғайса. Ләкин Петрус үҙ һүҙендә ныҡ тороп: – Һинең менән бергә үлергә тура килһә лә, мин һинән ваз кисмәйәсәкмен! – тине. Шәкерттәренең бөтәһе лә шулай тине. Улар Геҫшемани тигән урынға килде. Унда Ғайса шәкерттәренә: – Мин доға ҡылғансы, һеҙ ошонда ултырып тороғоҙ, – тине. Ул Үҙе менән Петрусты, Яҡупты һәм Яхъяны алды. Уны дәһшәт һәм хәүеф солғап алды. Ғайса шәкерттәренә былай тине: – Күңелемде үлемесле ҡайғы баҫты. Һеҙ ошонда тороп тороғоҙ. Уяу булығыҙ! Ул ситкәрәк китте лә, ергә йөҙтүбән ятып, был ғазаплы сәғәт, мөмкин булһа, Мине урап үтһен ине, тип доға ҡыла башланы: – Абба, Атам! Һинең өсөн мөмкин булмаған бер нәмә лә юҡ, был ғазап туҫтағын Минән үткәреп ебәрсе! Шулай ҙа Мин түгел, Һин теләгәнсә булһын. Ғайса, әйләнеп килеп, уларҙың йоҡлап ятҡанын күрҙе. – Шимғон, йоҡлап ятаһыңмы? Бер генә сәғәт тә уяу ултыра алманыңмы ни? – тине Ул Петрусҡа. – Уяу булығыҙ, һынауға дусар булмаҫ өсөн, доға ҡылығыҙ. Рух ҡеүәтле, ә тән көсһөҙ! Ғайса тағы ситкә китте, шул уҡ һүҙҙәрҙе әйтеп, доға ҡылды. Ул, әйләнеп килеп, шәкерттәренең тағы йоҡлап ятҡанын күрҙе. Уларҙың күҙҙәрен йоҡо баҫҡайны. Улар Ғайсаға ни әйтергә лә белмәне. Өсөнсө тапҡыр әйләнеп килгәс, уларға: – Һеҙ һаман йоҡлап ятаһығыҙмы, ял итәһегеҙме? Етте! Ваҡыт килде: бына Әҙәм Улы гонаһлылар ҡулына тотоп биреләсәк. Тороғоҙ, китәйек! Ана, Миңә хыянат итеүсе килә, – тине. Ул һүҙен әйтеп тә бөтөрмәне, ун ике шәкерттең береһе – Йәһүҙә килеп сыҡты. Уның менән бергә, ҡылыс-суҡмарҙар күтәреп, баш ҡаһиндар, ҡанун белгестәре һәм аҡһаҡалдар ебәргән кешеләр бар ине. Хыянатсы: «Мин кемде үбәм, шул Ғайса булыр. Уны тотоғоҙ ҙа ышаныслы һаҡ аҫтында алып китегеҙ», – тип әйтеп, улар менән алдан уҡ һүҙ ҡуйышҡайны. Йәһүҙә йәһәт кенә Ғайса янына килде лә: – Остаз! – тип Уны үбеп алды. Ғайсаны шунда уҡ тотоп, һаҡ аҫтына алдылар. Ғайса эргәһендәгеләрҙең береһе ҡылысын һурып сығарҙы ла, иң баш ҡаһиндың хеҙмәтсеһенә һелтәнеп, уның ҡолағын сабып өҙҙө. – Һеҙ ни өсөн Мине тоторға ҡылыс һәм суҡмарҙар күтәреп киләһегеҙ? Юлбаҫармы ни Мин? Көн һайын Алла йортонда арағыҙҙа булдым, аң-белем бирҙем, ә һеҙ Мине тотманығыҙ. Әммә әйҙә Изге Яҙмаларҙа әйтелгәндәр ғәмәлгә ашһын! – тине Ғайса. Шул саҡ шәкерттәренең барыһы ла Уны ташлап ҡасып бөттө. Яланғас тәненә япма бөркәнгән бер егет Ғайса артынан эйәрҙе. Уны тотоп алдылар, ләкин ул, япмаһын тегеләрҙең ҡулында ҡалдырып, яланғас хәлдә ҡасып китте. Ғайсаны иң баш ҡаһин алдына алып килделәр. Унда бөтә баш ҡаһиндар, аҡһаҡалдар һәм ҡанун белгестәре йыйылды. Петрус иһә, арттараҡ ҡалып, иң баш ҡаһиндың ихатаһына тиклем Ғайсаға эйәреп барҙы. Ул унда һаҡсылар менән бергә усаҡ янына ултырып йылына башланы. Баш ҡаһиндар һәм бөтә Юғары кәңәшмә, Ғайсаны үлем язаһына тарттырыу өсөн, Уға ҡаршы шаһитлыҡ эҙләне, ләкин таба алманы. Күптәр Уға ҡаршы ялған шаһитлыҡ ҡылды, әммә уларҙың дәлилдәре бер-береһенә тап килмәне. Ҡайһы берәүҙәр, Уға ҡаршы ялған шаһитлыҡ биреп: – Беҙ Уның: «Мин кеше ҡулы менән һалынған ошо Алла йортон емереп, өс көн эсендә кеше ҡулы менән һалынмаған башҡаһын төҙөрмөн», – тигәнен ишеттек, – тинеләр. Ләкин уларҙың был дәлилдәре лә бер-береһенә тап килмәне. Шул мәлдә иң баш ҡаһин уртаға сығып Ғайсанан: – Һин быларҙың ғәйепләүенә бер нисек тә яуап ҡайтармайһыңмы ни? – тип һораны. Әммә Ғайса өндәшмәне, бер ни тип тә яуап ҡайтарманы. Иң баш ҡаһин Унан тағы: – Һин мөбәрәк Алланың Улы Мәсихме? – тип һораны. – Эйе, Мин, – тине Ғайса. – Һеҙ Әҙәм Улының ҡөҙрәт Эйәһенең уң яғында ултырғанын һәм күктәге болоттар араһында килгәнен күрерһегеҙ! Иң баш ҡаһин кейемен йыртып ебәрҙе: – Беҙгә башҡа шаһиттарҙың нимәгә кәрәге бар? Уның Алланы хурлаған һүҙҙәрен үҙегеҙ ишеттегеҙ! Нимә уйлайһығыҙ был хаҡта? Бөтәһе лә, Ул ғәйепле һәм үлергә тейеш, тигән фекер менән килеште. Ҡайһы берәүҙәр Уға төкөрә, йөҙөн ҡаплап: «Әйҙә пәйғәмбәрлек ит инде!» – тип йоҙроҡлай башланы. Шунан Уны һаҡсылар туҡмарға тотондо. Был ваҡытта Петрус аҫта, ихатала ине. Иң баш ҡаһиндың хеҙмәтсе ҡыҙҙарының береһе килде лә, усаҡ янында йылынып ултырған Петрусты күреп, уға текләп ҡараны: – Һин дә назаралы Ғайса менән булдың бит, – тине. Әммә Петрус: – Мин бер ни ҙә белмәйем, һинең нимә һөйләгәнеңде аңламайым, – тип инҡар итте лә ихатанан тышҡа уҡ сығып китте. Ошо мәлдә әтәс ҡысҡырып ебәрҙе. Хеҙмәтсе ҡыҙ уны тағы күреп ҡалды һәм үҙ янында торғандарға: – Был кеше – уларҙың береһе, – тине. Петрус тағы ваз кисте. Бер аҙҙан шунда торғандар уға: – Һин ысынлап та шуларҙың береһе. Һин дә Галилеянан бит! – тинеләр. Ә Петрус: – Мин һеҙ һөйләгән ул Кешене белмәйем! – тип ныҡышып ант итә башланы. Тап ошо ваҡытта әтәс икенсе тапҡыр ҡысҡырҙы. Петрус, Ғайсаның: «Әтәс ике тапҡыр ҡысҡырғансы, һин Мине өс тапҡыр инҡар итәсәкһең», – тигән һүҙҙәрен иҫенә төшөрөп, илап ебәрҙе. Иртән үк баш ҡаһиндар менән аҡһаҡалдар, ҡанун белгестәре һәм бөтә Юғары кәңәшмә бергә йыйылышып кәңәш ҡорҙолар ҙа, Ғайсаны бәйләп, Пилатосҡа алып барып тапшырҙылар. – Һин йәһүдтәр Батшаһымы? – тип һораны Унан Пилатос. – Быны һин үҙең әйттең, – тип яуапланы Ғайса. Баш ҡаһиндар Уны күп нәмәләрҙә ғәйепләне. Пилатос Унан тағы: – Бер нисек тә яуап ҡайтармайһыңмы ни? – тип һораны. – Ҡара, нисек ғәйепләйҙәр Һине! Ләкин Ғайса яуап итеп бер ни ҙә өндәшмәне. Быға Пилатос бик ныҡ ғәжәпләнде. Пилатос байрам айҡанлы, халыҡ һорауы буйынса, бер тотҡондо азат итә торғайны. Ул саҡта ихтилал ваҡытында кеше үлтергән фетнәселәр төрмәгә ябылғайны. Тотҡондар араһында Бараббас тигән берәү бар ине. Халыҡ төркөмө, Пилатос янына килеп, уның ғәҙәттәгесә эш итеүен һорай башланы. – Һеҙ йәһүдтәр Батшаһын азат итеүемде теләйһегеҙме? – тип һораны Пилатос уларҙан, сөнки ул баш ҡаһиндарҙың Ғайсаны көнсөллөк арҡаһында тотоп биргәнен белә ине. Әммә баш ҡаһиндар, Ғайсаны түгел, Бараббасты азат итеүен талап итегеҙ, тип халыҡты ҡотортоп ҡуйғайны. – Ә һеҙ йәһүдтәр Батшаһы тип атаған кешене нимә эшләтәйем? – тип һораны Пилатос йәнә. – Уны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! – тип ҡысҡырҙылар. – Ул ниндәй яуызлыҡ эшләгән һуң? – тип һораны Пилатос. Әммә улар тағы ла нығыраҡ ҡысҡырышты: – Уны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! Пилатос, халыҡҡа ярарға тырышып, Бараббасты азат итте, ә Ғайсаны, ҡамсылатҡандан һуң, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатыр өсөн тапшырҙы. Ғәскәриҙәр, Ғайсаны идарасы һарайының, йәғни преториумдың ихатаһына индереп, барлыҡ ғәскәрҙе шунда саҡырҙы. Улар, Ғайсаның өҫтөнә ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге ябынса, башына сәнскәк ботаҡтарынан үрелгән таж кейҙерҙеләр ҙә: – Йәшәһен йәһүдтәр Батшаһы! – тип сәләмләргә керештеләр. Уның башына таяҡ менән һуғып, өҫтөнә төкөрҙөләр, алдына тубыҡланып, Уға баш эйҙеләр. Шулай мыҫҡыллағандан һуң, Ғайсаның өҫтөндәге ҡуйы ҡыҙыл ябынсаны систереп, Үҙенең кейемдәрен кейҙерҙеләр ҙә арҡысаҡҡа ҡаҙаҡларға алып киттеләр. Улар баҫыуҙан ҡайтып килгән Курене кешеһе Шимғонды – Искәндәр менән Руфостың атаһын – Ғайсаның арҡысағын күтәреп барырға мәжбүр иттеләр. Ғайсаны Голгоҫа тип аталған урынға алып килделәр. Голгоҫа «Баш һөйәге урыны» тип тәржемә ителә. Уға мирра ҡатыш шарап бирҙеләр, ләкин Ул эсмәне. Унан һуң Ғайсаны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланылар һәм, кемгә нимә тейер, тип йәрәбә һалып, үҙ-ара Уның кейемдәрен бүлештеләр. Уны ҡаҙаҡлағанда иртәнге сәғәт туғыҙ ине. Ғайсаның ғәйебен күрһәткән был яҙыуҙа «Йәһүдтәр Батшаһы» тип яҙылғайны. Үтеп-һүтеп йөрөүселәр, баштарын сайҡап, Уны мыҫҡыл итеп: – Эй Һин, Алла йортон емереп, уны өс көндә яңынан Төҙөүсе! Үҙеңде Үҙең ҡотҡар, арҡысаҡтан төш! – тинеләр. Шулай уҡ ҡанун белгестәре менән баш ҡаһиндар ҙа, Ғайсаны мыҫҡыллап, бер-береһенә: – Башҡаларҙы ҡотҡарҙы, ә Үҙен ҡотҡара алмай. Мәсих, имеш, Исраил Батшаһы! Хәҙер күҙ алдыбыҙҙа арҡысаҡтан төшһөн, ана шунда ғына беҙ Уға ышанырбыҙ! – тинеләр. Хатта Уның менән бергә ҡаҙаҡланғандар ҙа Уны мәсхәрә итте. Көн үҙәгендә бөтә ер йөҙөн ҡараңғылыҡ ҡаплап алды һәм ул көндөҙгө сәғәт өскә тиклем дауам итте. Ә сәғәт өстә Ғайса көслө тауыш менән: – Элои, Элои, лема сабахҫани? – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Был «Аллам, Аллам! Ниңә Һин Мине ташланың?» тигәнде аңлата. Бында тороусыларҙың ҡайһы берҙәре, Уның һүҙҙәрен ишетеп: – Ана, Ильясты саҡыра! – тиеште. Ә береһе, йүгереп килеп, һыу һеңдергесте әсе шарапҡа манды ла, уны таяҡҡа элеп, Ғайсаға эсергә бирҙе. – Туҡтағыҙ! Әйҙә ҡарайыҡ: Ильяс Уны арҡысаҡтан төшөрөргә килерме икән? – тине. Ғайса көслө тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе лә йән бирҙе. Алла йортондағы пәрҙә өҫтән аҫҡа тиклем урталай йыртылып төштө. Арҡысаҡ ҡаршыһында торған йөҙ башы, Ғайсаның шулай йән биреүен күргәс: – Был Кеше ысынлап та Алла Улы булған икән! – тине. Был хәлдәргә йыраҡтан ғына ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡарап торҙо. Улар араһында Магдала ҡалаһынан Мәрйәм, шулай уҡ кесе Яҡуп менән Йосестың әсәһе Мәрйәм һәм Саломе ла бар ине. Ғайса Галилеяла булған саҡта, был ҡатындар Уға эйәреп йөрөгәйне һәм хеҙмәт иткәйне. Уның менән бергә Йәрүсәлимгә килгән күп кенә бүтән ҡатын-ҡыҙ ҙа унда ине. Пилатос Ғайсаның шулай тиҙ үлгәненә аптыраны. Йөҙ башын саҡырып: – Күптән үлдеме? – тип һораны. Йөҙ башы быны раҫлағас, Пилатос Йософҡа Ғайсаның кәүҙәһен алырға рөхсәт итте. Йософ етен туҡыма һатып алды, кәүҙәне, арҡысаҡтан төшөрөп, уға ураны һәм таш ҡаяла өңөп яһалған ҡәбергә алып барып һалды. Шунан ул ҡәбер ауыҙына бер таш терәп ҡуйҙы. Ә магдалалы Мәрйәм менән Йосестың әсәһе Мәрйәм Ғайсаның ҡайҙа һалынғанын күҙәтеп торҙо. Шәмбе көнө уҙғас, магдалалы Мәрйәм, Яҡуптың әсәһе Мәрйәм һәм Саломе, Ғайсаның кәүҙәһен майлау өсөн хуш еҫле майҙар һатып алды. Аҙнаның беренсе көнөндә иртән иртүк, ҡояш сығыу менән, улар ҡәбер янына килде. Юлда бер-береһенә: – Ҡәбер ауыҙына терәп ҡуйылған ташты беҙгә кем шылдырып бирер икән? – тиештеләр. Килеп еткәс, ҡараһалар – таш ситкә ауҙарылған. Ә ул таш бик ҙур ине. Ҡәбер эсенә инеү менән, уң яҡта ултырған аҡ кейемле бер егетте күреп, ҡоттары осто. – Ҡурҡмағыҙ! – тине егет уларға. – Һеҙ арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған назаралы Ғайсаны эҙләйһегеҙ. Ул терелде, Ул бында юҡ. Бына Ул ятҡан урын. Һеҙ Уның шәкерттәренә һәм Петрусҡа барып: «Ул һеҙҙән алда Галилеяға бара. Үҙе әйткәнсә, Уны шунда күрерһегеҙ», – тип әйтегеҙ. Ҡатындар, ҡәбер эсенән сыҡҡас, аптырауҙан ҡалтырана-ҡалтырана тороп йүгерҙеләр, һис кемгә бер ни әйтмәнеләр, сөнки улар бик ныҡ ҡурҡҡайны. Аҙнаның беренсе көнөндә, иртән иртүк, терелеп торғас, Ғайса иң тәүҙә магдалалы Мәрйәмгә күренде. Ул был ҡатындың эсенән ете енде ҡыуып сығарғайны. Мәрйәм Ғайсаны күреүе тураһында элек Уның менән бергә булғандарға хәбәр итте. Улар, хәсрәткә төшөп, илайҙар ине, Ғайсаның тере булыуын һәм Мәрйәмдең Уны күреүен ишетһәләр ҙә, ышанманылар. Бынан һуң Ғайса ауылға китеп барған ике шәкертенә башҡа ҡиәфәттә күренде. Улар, кире ҡайтып, был турала бүтәндәргә хәбәр итте, ләкин уларға ла ышанманылар. Ниһайәт, Ғайса ашап ултырған ун бер шәкертенә күренде. Уларҙы ышанмағандары, таш йөрәкле булғандары өсөн шелтәләне, сөнки улар үленән терелеп торған Ғайсаны күргән кешеләргә ышанмағайны. Ғайса уларға: – Барығыҙ, донъяның һәр тарафына юлланығыҙ, бөтә йән эйәләренә лә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләгеҙ. Иманға килеп, һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгән кеше ҡотҡарыласаҡ, ә ышанмағандар хөкөм ителәсәк. Иманға килгәндәрҙе ошо билдәләр оҙатып йөрөр: улар, Минең исемемде әйтеп, ендәрҙе ҡыуып сығарыр, яңы телдәрҙә һөйләшер, ҡулдарына йылан алһалар ҙа, ағыулы нәмә эсһәләр ҙә, зарар күрмәҫтәр; ауырыу кешеләргә ҡулдарын ҡуйһалар, улар һауығыр. Шулай тигәндән һуң, Раббы Ғайса күккә алынып, Алланың уң яғына ултырҙы. Ә шәкерттәре, юлға сығып, бөтә ерҙә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп йөрөнө. Раббы уларға ярҙам итеп торҙо, һөйләгәндәрен илаһи билдәләр менән раҫланы. Арабыҙҙа булып уҙған ваҡиғаларҙы күптәр хикәйәләй башланы. Был хәлдәрҙе улар тәүге көндәрҙән үк үҙ күҙҙәре менән күргән һәм Алланың һүҙен иғлан итеп йөрөгән һүҙ хеҙмәтселәренең һөйләгәндәренә таянып яҙҙы. Шуға күрә мин дә, хөрмәтле Теофилос, бөтәһен дә баштан алып ентекләп өйрәнгәндән һуң, эҙмә-эҙлекле итеп бәйән итергә булдым. Был һиңә өйрәтелгән белемдең дөрөҫлөгөн күрһәтер. Йәһүҙиәлә, Һируд батша заманында, ҡаһиндарҙың Авияһ төркөмөнән Зәкәрьяһ исемле бер ҡаһин йәшәй ине. Уның Әлисабет исемле ҡатыны ла шулай уҡ Һарун ҡаһиндың нәҫеленән булды. Улар икеһе лә, Раббының бойороҡтарын да, Ул ҡушҡан башҡа күрһәтмәләрҙең барыһын да теүәл үтәп, Алла алдында тәҡүә һаналды. Әлисабеттың түлһеҙлеге арҡаһында уларҙың балалары булманы. Улар икеһе лә оло йәштә ине инде. Бер ваҡыт, Зәкәрьяһ үҙ төркөмөнөң сираты буйынса Алла йортонда ҡаһин хеҙмәтен башҡарғанда, ҡаһиндар араһындағы ғәҙәткә таянып, йәрәбә һалынды. Раббы йортона инеп, хуш еҫле сайыр яндырыу йолаһын башҡарыу Зәкәрьяһҡа төштө. Ул хуш еҫле сайыр яндырған саҡта, халыҡ Алла йортоноң тыш яғында тороп доға ҡылды. Шул ваҡыт Зәкәрьяһ алдында, хуш еҫ төтәҫләгес ҡорбан усағының уң яғында, Раббының фәрештәһе пәйҙә булды. Уны күргәс, Зәкәрьяһ ҡаушап ҡалды һәм уны ҡурҡыу солғап алды. Фәрештә уға былай тине: – Ҡурҡма, Зәкәрьяһ! Һинең доғаң ишетелде, ҡатының Әлисабет һиңә ир бала табыр, уға Яхъя тип исем ҡуш. Йөрәгең һөйөнөс һәм шатлыҡ менән тулыр, күптәр уның тыуыуына ҡыуаныр. Ул Раббы алдында бөйөк булыр, шарап һәм иҫерткес эсемлектәр эсмәҫ, әсәһенең ҡарынында ятҡанда уҡ Изге Рух менән һуғарылыр. Ул Исраил халҡының күбеһен Раббыға, үҙҙәренең Аллаһына, кире ҡайтарыр. Ильястыҡы кеүек үк рухҡа һәм ҡөҙрәткә эйә булып, Раббының алдынан барыр. Атайҙарҙың йөрәген балаларына табан борор, Аллаға буйһонмаусыларҙы, фекерҙәрен үҙгәрттереп, тәҡүә кешеләрҙең юлына борор һәм, шулай итеп, халыҡты Раббының килеүенә әҙерләр. Зәкәрьяһ фәрештәнән: – Мин бының шулай булырын нисек белә алам? – тип һораны. – Ҡартмын бит инде, ҡатыным да оло йәштә. Фәрештә уға: – Мин – Алла тәхете алдында тороусы Ябраил. Һиңә ошо ҡыуаныслы хәбәрҙе белдереү өсөн ебәрелдем. Әйткәндәрем үҙ мәлендә тормошҡа ашасаҡ, ә бына миңә ышанмағаның өсөн, һүҙҙәрем бойомға ашҡанға тиклем, һин телдән яҙырһың һәм һөйләшә алмаҫһың, – тип яуапланы. Халыҡ, Зәкәрьяһтың Алла йортонда оҙаҡлауына аптырап, тышта көтөп торҙо. Ул иһә, Алла йортонан сыҡҡас, улар менән һөйләшә алманы. Халыҡ уның Алла йортонда илаһи күренмешкә тап булыуын аңланы. Зәкәрьяһ, телдән яҙып торғанлыҡтан, улар менән ым-ишара аша ғына аңлашырға мәжбүр булды. Хеҙмәт итеү көндәре тамамланғас, ул өйөнә ҡайтты. Күпмелер ваҡыттан һуң ҡатыны Әлисабет ауырға ҡалды, биш ай буйы өйөнән сыҡманы. – Раббы быны минең турала хәстәрлек күреп эшләне, кешеләр алдындағы хурлығымды юйҙы, – тине ул. Әлисабеттың ауырға ҡалыуына алтынсы ай киткәс, Алла Ябраил фәрештәне Галилея өлкәһендәге Назара ҡалаһына, Мәрйәм исемле ҡыҙ янына ебәрҙе. Мәрйәм Дауыт нәҫеленән булған Йософ атлы ир менән йәрәшелгәйне. Фәрештә Мәрйәм янына килеп: – Именлек һиңә, Алланың мәрхәмәтен алыусы! Раббы һинең менән! – тип өндәште. Мәрйәм, был һүҙҙәрҙе ишеткәс, аптырап ҡалды һәм уларҙың мәғәнәһенә төшөнөргә тырышты. Фәрештә һүҙен дауам итте: – Ҡурҡма, Мәрйәм! Алла һиңә мәрхәмәт күрһәтте. Ауырға ҡалырһың һәм Ул табырһың. Уға Ғайса тип исем ҡуш. Ул бик бөйөк булыр һәм Юғарыларҙан Юғарының Улы тип аталыр. Раббы Алла Уға боронғо бабаһы Дауыттың тәхетен бирер. Ул Яҡуп нәҫеле өҫтөнән мәңгелек батшалыҡ итер һәм Уның батшалығының аҙағы булмаҫ. – Нисек инде, минең ирҙәр менән яҡын мөнәсәбәттә булғаным да юҡ бит? – тине Мәрйәм. – Һиңә Изге Рух төшөр һәм Юғарыларҙан Юғары һине ҡөҙрәтенең күләгәһе менән солғап алыр, шуның өсөн дә һин тыуҙырыр Бала изге булыр һәм Алла Улы тип аталыр, – тип яуап бирҙе уға фәрештә. – Бына Әлисабет туғаның да, ауырға ҡала алмай тип әйтһәләр ҙә, ҡарт көнөндә ир балаға ауырға уҙҙы, хәҙер алтынсы айға китте. Сөнки Алла булдыра алмаҫлыҡ бер нәмә лә юҡ. – Мин – Раббының хеҙмәтсеһе, нисек әйтһәң, шулай булһын! – тине Мәрйәм. Шунан һуң фәрештә уның янынан китеп барҙы. Күп тә үтмәне, Мәрйәм ашығыс рәүештә таулы Йәһүҙиәлә урынлашҡан бер ҡалаға китте. Унда Зәкәрьяһ йәшәй ине. Мәрйәм, уның өйөнә инеп, Әлисабет менән иҫәнләште. Мәрйәмдең сәләмләүен ишеткәс, Әлисабеттың ҡарынындағы балаһы тулғанып ҡуйҙы. Әлисабет Изге Рух менән һуғарылды. – Ҡатын-ҡыҙҙар араһында һин иң фатихалыһы, һинең тыуасаҡ балаң да фатихалы! – тип өндәште Әлисабет көслө тауыш менән. – Ҡайҙан килә миңә бындай хөрмәт – Хакимымдың әсәһе үҙе яныма килгән! Һинең сәләмләүеңде ишетеүгә, ҡарынымдағы балам да шатлығынан тулғанып ҡуйҙы. Һин бәхетле ҡатын, сөнки Раббы тарафынан һиңә әйтелгән һүҙҙәрҙең бойомға ашасағына ышанғанһың! Мәрйәм былай тине: – Күңелем минең Раббыны данлай, рухым Алланы, Ҡотҡарыусымды уйлап шатлана, Ул Үҙенең күндәм ҡолона күҙ һалды. Бынан һуң барлыҡ быуындар ҙа мине бәхетле тип атар, сөнки ҡөҙрәт Эйәһе минең өсөн бөйөк эштәр ҡылды – Уның исеме мөҡәддәс. Ул Үҙенән ҡурҡҡандарға быуындан-быуынға шәфҡәтен күрһәтә. Ул Үҙенең ҡулы менән бөйөк эштәр башҡарҙы, тәкәббер уйлыларҙы ҡыуып таратты. Ул хакимдарҙы тәхеттәренән төшөрҙө, түбәнһетелгәндәрҙе күтәрҙе. Астарҙы ниғмәттәр менән туйындырҙы, байҙарҙы буш ҡул ебәрҙе. Мәрйәм, өс айға яҡын Әлисабет янында булғандан һуң, өйөнә ҡайтты. Әлисабеттың бала табыр ваҡыты етте, һәм ул ир бала тыуҙырҙы. Күршеләре менән туғандары, Раббының Әлисабетҡа оло шәфҡәт күрһәткәнен ишетеп, уның менән бергә ҡыуанды. Һигеҙенсе көндә улар баланы сөннәткә ултыртырға килде һәм атаһының исеме менән Зәкәрьяһ тип атарға ниәтләне. Әммә баланың әсәһе: – Юҡ, уның исеме Яхъя булырға тейеш, – тине. – Туғандарың араһында ундай исемле бер кем дә юҡ бит, – тине улар Әлисабетҡа. Ым-ишара менән баланың атаһынан ниндәй исем ҡушырға теләүен һоранылар. Зәкәрьяһ яҙыу таҡтаһы һорап алды ла: «Уның исеме – Яхъя» тип яҙҙы. Быға барыһы ла аптырашта ҡалды. Шул мәлдә үк Зәкәрьяһтың теле асылды һәм ул Алланы данлап һөйләй башланы. Зәкәрьяһ менән Әлисабеттың бар күрше-күләне ҡурҡыуға төштө, ә Йәһүҙиәнең таулы ерҙәре буйлап ошо ваҡиғаларҙың барыһы тураһында хәбәр таралды. Был хаҡта ишеткән һәр береһе: «Был бала кем булыр икән?» – тигән уйға килде. Сөнки Раббының ҡөҙрәте бала менән ине. Яхъяның атаһы Зәкәрьяһ, Изге Рух менән һуғарылып, былай тип пәйғәмбәрлек ҡылды: – Раббыны, Исраилдың Аллаһын данлайыҡ! Ул халҡына ярҙамға килде һәм уға ҡотолоу бирҙе, Үҙенә хеҙмәт итеүсе Дауыт нәҫеленән булған Ҡеүәтле Ҡотҡарыусыны ебәрҙе. Был турала Ул бик күп йылдар элек Үҙенең изге пәйғәмбәрҙәре аша әйткәйне. Хәҙер беҙҙе дошмандарыбыҙҙан, беҙгә нәфрәт тотоусыларҙан ҡотҡарасаҡ. Шулай Алла ата-бабаларыбыҙға шәфҡәт күрһәтә, Үҙе төҙөгән изге килешеүҙе – атабыҙ Ибраһимға биргән антын – иҫендә тота: Ул беҙҙе дошмандарыбыҙ ҡулынан ҡотҡарғас, бер кемдән дә ҡурҡмайынса, ғүмеребеҙҙең бар көндәрендә Уның алдында изге һәм тәҡүә булып, Уға хеҙмәт итә аласаҡбыҙ. Ә һин, сабый, Юғарыларҙан Юғарының пәйғәмбәре тип аталырһың, Раббыға юл әҙерләп, Уның алдынан барырһың. Һин Уның халҡына гонаһтары ярлыҡаныуы, ҡотолоуҙары хаҡында белдерерһең. Алланың мәрхәмәт-шәфҡәте мул – беҙгә юғарынан таң ҡояшы ҡалҡасаҡ. Был ут ҡараңғыла һәм үлем күләгәһендә ултырғандарға яҡтылыҡ нуры һибәсәк, беҙҙе тыныслыҡ юлына йүнәлтәсәк. Бала иһә үҫте һәм рухи яҡтан нығына барҙы. Исраил халҡына күренер ваҡыты еткәнгә тиклем, ул сүлдә йәшәне. Ул көндәрҙә Август ҡайсарҙың тотош Рим империяһында халыҡ иҫәбен алырға тигән бойороғо сыға. Сүриәгә Курениос идара иткән заманда был тәүләп үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу була. Иҫәпкә алыныр өсөн һәр кем үҙ ҡалаһына ҡайтты. Йософ та Галилеялағы Назара ҡалаһынан Йәһүҙиәләге Бейт-Ләхәмгә – Дауыттың тыуған ҡалаһына юлланды, сөнки Дауыт нәҫеленән ине. Ул исемлеккә теркәлергә үҙенә йәрәшелгән Мәрйәм менән бергә барҙы. Мәрйәм ауырлы ине. Улар Бейт-Ләхәмдә саҡта Мәрйәмдең бала табыр мәле етте. Мәрйәм үҙенең баш балаһын – Улын тыуҙырҙы һәм, йүргәккә төрөп, Уны мал утлыҡсаһына һалды, сөнки ҡунаҡ йортонда уларға урын юҡ ине. Яҡындағы яланда көтөүселәр төнөн үҙҙәренең һарыҡ көтөүен һаҡлап ята ине. Ҡапыл улар алдында Раббы фәрештәһе пәйҙә булды, һәм уларҙы Раббының данлы балҡышы солғап алды. Көтөүселәр бик ныҡ ҡурҡты. – Ҡурҡмағыҙ! – тине уларға фәрештә. – Мин һеҙгә бөтә халыҡ өсөн ҙур шатлыҡ булырлыҡ ҡыуаныслы хәбәр килтерҙем: Бөгөн Дауыттың ҡалаһында һеҙҙең өсөн Ҡотҡарыусы тыуҙы, Ул – Мәсих, Хаким. Бына ошо билдә аша һеҙ Баланы танырһығыҙ: Ул мал утлыҡсаһында биләүле ятыр. Ҡапыл фәрештә янында күк ғәскәре – күп һанлы фәрештәләр пәйҙә булды, улар Алланы данланы: – Бейек күктәрҙәге Аллаға дан! Алла Үҙе һайлап алған һәм яратҡан кешеләргә ерҙә именлек булһын! Фәрештәләр күккә күтәрелгәндән һуң, көтөүселәр бер-береһенә: – Әйҙәгеҙ, Бейт-Ләхәмгә барайыҡ, Раббы әйткән урында булып, был хәлде күрәйек, – тинеләр. Улар ашығып Бейт-Ләхәмгә килде, унда Мәрйәм менән Йософто һәм мал утлыҡсаһында ятҡан Баланы тапты. Сабыйҙы күргәс, Уның тураһында үҙҙәренә хәбәр ителгәнде һөйләп бирҙеләр. Көтөүселәрҙең һөйләгәнен барыһы ла хайран ҡалып тыңланы. Мәрйәм иһә быларҙы йөрәгенә һалып ҡуйҙы һәм уйланып йөрөнө. Көтөүселәр, ишеткән-күргәндәренең бөтәһе өсөн дә Алланы данлап һәм маҡтап, көтөүҙәре янына ҡайтты. Барыһы ла фәрештә әйткәнсә булды. Һигеҙенсе көндө, Баланы сөннәткә ултыртыу ваҡыты еткәс, уға Ғайса тип исем ҡуштылар. Мәрйәм балаға уҙғанға тиклем үк фәрештә Уға ошо исемде биргәйне. Муса ҡануны буйынса таҙарыныу йолаһын үтәү ваҡыты еткәс, Раббы алдына килтереү өсөн, Мәрйәм менән Йософ Баланы Йәрүсәлимгә алып барҙы, сөнки Раббының ҡанунында: «Һәр беренсе тыуған ир бала Раббыға бағышланырға тейеш», – тип яҙылғайны. Шулай уҡ, Раббы ҡанунында әйтелгәнсә, улар ике алатубаны йәки ике күгәрсен балаһын ҡорбан итеп килтерергә тейеш ине. Ошо ваҡытта Йәрүсәлимдә Шимғон исемле тәҡүә һәм Алланы ололап йәшәгән бер кеше бар ине. Ул Исраилға йыуаныс килерен көтөп ғүмер итте, Изге Рух менән һуғарылғайны. Изге Рух уға: «Раббы тарафынан ебәрелгән Мәсихте күрмәйенсә үлмәйәсәкһең», – тип әйткән була. Шимғон Изге Рухтың ҡушыуы буйынса Алла йортона килде. Атаһы менән әсәһе Муса ҡанунында билдәләнгән йоланы үтәргә тип бәпес Ғайсаны Алла йортона алып килгәс, Шимғон Уны ҡулдарына алды ла, Алланы данлап, былай тине: – Хәҙер инде, бөйөк Хаким, ҡолоң был донъянан тыныс китә ала, сөнки вәғәҙәңде үтәнең. Ул – мәжүсиҙәргә асылыш алып килеүсе яҡтылыҡ, халҡың Исраилдың Даны. Ғайсаның атаһы менән әсәһе Шимғондың Бала тураһында әйткән һүҙҙәренән ғәжәпкә ҡалды. Шимғон, уларҙы фатихалап, Баланың әсәһе Мәрйәмгә: – Был Бала Исраилда күптәрҙең түбән төшөүенә һәм күтәрелеүенә сәбәп булыр һәм Алланан бирелгән илаһи билдә булып торор. Был билдәне күптәр кире ҡағыр, шул сәбәпле күптәрҙең йөрәктәрендәге уй-фекерҙәре асылыр. Ә һинең үҙеңдең йөрәгеңде ҡылыс сәнсеп үтер, – тине. Унда Ашер нәҫеленән Ханна пәйғәмбәр – Пенуилдың ҡыҙы ла бар ине. Инде өлкән йәштәге был ҡатын, кейәүгә сыҡҡас, ире менән ете йыл ғына йәшәп тол ҡалған, һәм әле ул һикһән дүрт йәштә ине. Ханна һәр ваҡыт ураҙа тотоп, доға ҡылып, Алла йортонда көнө-төнө Аллаға хеҙмәт итте. Ошо ваҡытта Ханна, улар янына килеп, Алланы данлап, Йәрүсәлимдең ҡотҡарылыуын көткән кешеләрҙең бөтәһенә лә Бала тураһында һөйләп бирҙе. Мәрйәм менән Йософ, Раббы ҡануны талаптарының бөтәһен дә үтәгәс, Галилеялағы үҙҙәре йәшәгән Назара ҡалаһына ҡайтып китте. Бала иһә үҫте, быуынын нығытты, зирәк аҡыл тупланы һәм Алла фатихаһында булды. Ғайсаның атаһы менән әсәһе йыл һайын Йәрүсәлимгә Ҡотҡарылыу байрамына бара торғайны. Ғайсаға ун ике йәш булғанда улар, ғәҙәттәгесә, байрамға китте. Байрам көндәре тамамланғас, Йософ менән Мәрйәм ҡайтыр юлға сыҡты, ә үҫмер Ғайса Йәрүсәлимдә торҙо ла ҡалды. Атаһы менән әсәһе быны һиҙмәне, башҡалар менән бергә ҡайтып киләлер, тип уйланы. Бер көнлөк юлды үткәндән һуң, Уны туғандары һәм таныш-белештәре араһынан эҙләй башланылар. Таба алмағас, Ғайсаны эҙләп, Йәрүсәлимгә кире килделәр. Өс көндән һуң Уны Алла йортонда килеп таптылар. Ул ҡанун уҡытыусылары араһында, уларҙы тыңлап, һорауҙарын биреп ултыра ине. Ғайсаны ишеткәндәрҙең бөтәһе лә Уның аҡыллы яуаптарына хайран ҡалды. Атаһы менән әсәһе Уны күреп бик аптыраны. – Улым! – тине әсәһе. – Ни өсөн беҙҙең менән улай иттең? Атайың менән борсолоп, һине эҙләп бөттөк. – Мине ниңә эҙләнегеҙ? Атайым Йортонда булырға тейешлегемде белмәнегеҙме ни? – тип яуап бирҙе Ғайса. Ләкин атаһы менән әсәһе Уның әйткән һүҙҙәрен аңламаны. Ғайса улар менән бергә Назараға ҡайтты һәм бар нәмәлә уларҙы тыңланы. Ә Мәрйәм быларҙың бөтәһен дә йөрәгендә һаҡланы. Ғайса иһә үҫте, аҡыл тупланы, Алланың да, кешеләрҙең дә ихтирамын ҡаҙанды. Тибериос ҡайсар хакимлығының ун бишенсе йылында, Йәһүҙиәлә Понтиос Пилатос идара иткәндә, Галилеяның башлығы – Һируд, уның ир туғаны Филиппус – Итуреа һәм Трахонитис өлкәләренең башлығы, ә Лусаниас Әбиләнә өлкәһе башлығы булғанда, Ханнас менән Ҡаяфас иң баш ҡаһиндар булған осорҙа, сүллектә көн күргән Яхъяға – Зәкәрьяһтың улына, Алланан хәбәр килде. Шунан һуң Яхъя Иордан йылғаһының тирә-яғындағы ерҙәрҙе йөрөп сыҡты. Ул кешеләрҙе, гонаһтары ғәфү ителһен өсөн, тәүбә итеп һыуға сумдырылырға өндәп йөрөнө. Ишағыяһ пәйғәмбәр китабында яҙылғанса: «Сүлдә тауыш яңғырай: „Раббыға юл әҙерләгеҙ, Уның барыр һуҡмаҡтарын турайтығыҙ, һәр йырын тулһын, һәр тау, һәр ҡалҡыулыҡ түбәнәйһен; борма юлдар турайһын, һикәлтәле юлдар тигеҙләнһен; шунда йән эйәләренең бөтәһе лә Алла ҡотҡарыуын күрер“». Үҙенең янына һыуға сумдырылырға тип килгән халыҡҡа Яхъя: – Эй һеҙ, ағыулы йылан тоҡомо! Кем һеҙгә, Алланың яҡынлашып килгән асыуынан ҡасып ҡала алырһығыҙ, тине? Ихлас тәүбә итеүегеҙҙе эш менән күрһәтегеҙ! «Беҙҙең атабыҙ бит Ибраһим!» – тип уйлай башламағыҙ. Һеҙгә әйтәм: Алла ошо таштарҙан да Ибраһимға балалар булдыра ала. Балта ағас төбөндә әҙер ята инде: һәйбәт емеш бирмәгән һәр ағас ҡырҡылып утҡа ташланыр, – тине. Халыҡ унан: – Беҙ нимә эшләйек һуң? – тип һораны. Яхъя: – Ике күлдәге булған кеше береһен күлдәге бөтөнләй булмағанына бирһен. Ризығы булғаны ашарына булмаған кеше менән ризығын уртаҡлашһын, – тип яуапланы. Һыуға сумдырылыр өсөн һалым йыйыусылар ҙа килгәйне: – Остаз! Ә беҙгә нимә эшләргә? – тинеләр. Яхъя уларға: – Тейешенән артығын талап итмәгеҙ, – тине. Ғәскәриҙәр ҙә унан: – Ә беҙгә нимә эшләргә? – тип һораны. – Бер кемдән дә көсләп, ялған шаһитлыҡ ҡылып әйбер алмағыҙ. Хеҙмәт хаҡы менән ҡәнәғәт булығыҙ, – тине Яхъя. Халыҡ көсөргәнеш менән көттө, һәм барыһы ла уның тураһында эстән генә: «Был Мәсих түгелме икән?» – тип уйланы. Яхъя уларҙың бөтәһенә лә былай тип яуап бирҙе: – Мин һеҙҙе һыуға сумдырам, әммә минән һуң ҡөҙрәтлерәк Берәү килә. Мин Уның аяҡ кейеменең ҡайышын сисергә лә лайыҡ түгелмен. Ул һеҙҙе Изге Рухҡа һәм утҡа сумдырыр. Ырҙында ашлыҡ елгәрер өсөн, Ул ҡулына көрәк тотҡан. Бойҙайын, айырып, Үҙенең бураһына һалыр, ә кәбәген һүнмәҫ утта яндырыр. Яхъя, халыҡҡа башҡа күп төрлө өгөт-нәсихәттәр биреп, Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп йөрөнө. Яхъя өлкә идарасыһы Һирудты үҙенең ағаһының ҡатыны Һирудиасҡа өйләнгәне һәм башҡа енәйәттәре өсөн фашлағайны. Шуға күрә Һируд, бығаса ҡылған яуызлыҡтарына тағы берәүҙе өҫтәп, Яхъяны төрмәгә япты. Бик күп халыҡ һыуға сумдырылды, улар менән бергә Ғайса ла сумдырылды. Ул доға ҡылған ваҡытта күк ҡабағы асылып китте лә Уға күгәрсен сүрәтендә Изге Рух төштө. Күктән: «Һин – Минең һөйөклө Улым. Һин – Минең ҡыуанысым!» – тигән ауаз ишетелде. Үҙенең хеҙмәтен башлағанда, Ғайсаға утыҙ йәштәр самаһы ине. Кешеләр Уны Йософ улы тип уйланы. Ә Йософ – Ғәли улы, Ғәли – Маҫҫат улы, Маҫҫат – Леви улы, Леви – Мәлки улы, Мәлки – Яннай улы, Яннай – Йософ улы, Йософ – Маттаҫиас улы, Маттаҫиас – Амус улы, Амус – Нахум улы, Нахум – Һесли улы, Һесли – Нағғай улы, Нағғай – Мааҫ улы, Мааҫ – Маттаҫиас улы, Маттаҫиас – Сәмәйн улы, Сәмәйн – Йосих улы, Йосих – Йода улы, Йода – Йоханан улы, Йоханан – Рәса улы, Рәса – Зеруббавел улы, Зеруббавел – Шеалтиил улы, Шеалтиил – Нәри улы, Нәри – Мәлки улы, Мәлки – Адди улы, Адди – Косам улы, Косам – Әлмәдам улы, Әлмәдам – Эр улы, Эр – Йеһошуағ улы, Йеһошуағ – Әлиғәзәр улы, Әлиғәзәр – Йорим улы, Йорим – Маҫҫат улы, Маҫҫат – Леви улы, Леви – Шимғон улы, Шимғон – Йәһүҙә улы, Йәһүҙә – Йософ улы, Йософ – Йонам улы, Йонам – Әлъяҡим улы, Әлъяҡим – Мелеа улы, Мелеа – Менна улы, Менна – Маттаҫа улы, Маттаҫа – Наҫан улы, Наҫан – Дауыт улы, Дауыт – Ишай улы, Ишай – Ғовед улы, Ғовед – Боғаз улы, Боғаз – Салма улы, Салма – Нахшон улы, Нахшон – Ғамминадав улы, Ғамминадав – Админ улы, Админ – Арни улы, Арни – Хесрон улы, Хесрон – Пәрәс улы, Пәрәс – Йәһүҙә улы, Йәһүҙә – Яҡуп улы, Яҡуп – Исхаҡ улы, Исхаҡ – Ибраһим улы, Ибраһим – Терах улы, Терах – Нахор улы, Нахор – Серуг улы, Серуг – Реғу улы, Реғу – Пәләг улы, Пәләг – Ғевәр улы, Ғевәр – Шелах улы, Шелах – Ҡынан улы, Ҡынан – Арпахшад улы, Арпахшад – Шем улы, Шем – Нух улы, Нух – Ләмәх улы, Ләмәх – Меҫушелах улы, Меҫушелах – Ханох улы, Ханох – Йәрәд улы, Йәрәд – Маһалалил улы, Маһалалил – Ҡынан улы, Ҡынан – Әнош улы, Әнош – Шеҫ улы, Шеҫ – Әҙәм улы, Әҙәм – Алланан. Изге Рух менән һуғарылған Ғайса Иордан йылғаһы буйынан ҡайтҡас, Рух Уны сүлгә алып китте. Ғайса унда ҡырҡ көн буйы Иблис тарафынан һынау үтте, был көндәрҙә Ул бер нәмә лә ашаманы һәм ахырҙа бик ныҡ асыҡты. – Әгәр ҙә Һин Алла Улы булһаң, бынау ташҡа икмәккә әйләнергә бойор, – тине Уға Иблис. Ғайса: – «Кеше икмәк менән генә йәшәмәҫ», – тип яҙылған Изге Яҙмала, – тип яуапланы. Шунан һуң Иблис Ғайсаны бейек тауға алып менде лә донъялағы бөтөн батшалыҡтарҙы күҙ асып йомғансы күрһәтеп сыҡты. – Ошо батшалыҡтарҙың бөтәһе өҫтөнән хакимлыҡты ла, уларҙың данын да Һиңә бирермен. Уларҙың барыһы ла миңә бирелгән һәм мин кемгә теләйем, шуға бирә алам. Шулай итеп, әгәр Һин миңә табынһаң, барыһы ла Һинеке булыр, – тине ул. – Изге Яҙмала: «Аллаң Раббыға табын һәм бары Уға ғына хеҙмәт ит», – тип яҙылған, – тип яуапланы Ғайса. Шунан һуң Иблис Ғайсаны Йәрүсәлимгә алып килеп Алла йортоноң иң бейек урынына баҫтырҙы ла: – Әгәр ҙә Һин Алла Улы булһаң, ошо урындан түбәнгә ташлан, – тине. – Изге Яҙмала әйтелгән бит: «Алла Үҙенең фәрештәләренә Һинең турала хәстәрләп, Һине һаҡларға бойороҡ бирер. Аяҡтарыңды ташҡа бәрҙертмәй, улар Һине ҡулдарына күтәреп йөрөр». Ғайса уға: – Изге Яҙмала: «Аллаң Раббыны һынама», – тип әйтелгән, – тип яуапланы. Иблис Ғайсаны һынауҙан туҡтаны ла икенсе берәй уңайлы мәлгә тиклем Уны ҡалдырып китте. Рух ҡөҙрәте менән һуғарылған Ғайса Галилеяға ҡайтты. Уның хаҡындағы хәбәр бөтә тирә-яҡҡа таралды. Ул ғибәҙәтханаларҙа, аң-белем биреп, халыҡты өйрәтте, һәм барыһы ла Уға дан йырланы. Ғайса Үҙе үҫкән ҡалаға – Назараға килде һәм, ғәҙәте буйынса, шәмбе көнө ғибәҙәтханаға инде. Изге Яҙманы уҡырға тип урынынан торғас, Уға Ишағыяһ пәйғәмбәрҙең китабын бирҙеләр. Ғайса ҡулъяҙма төргәген һүтеп, ошондай һүҙҙәр яҙылған урынды тапты: «Раббының Рухы Минең өҫтөмдә, сөнки Ул Мине фәҡирҙәргә Һөйөнөслө Хәбәрҙе еткереү өсөн мәсехләне. Ул Мине әсирҙәргә – ирек, һуҡырҙарға – күрә башлауҙарын иғлан итергә, йәберләнгәндәрҙе азат итергә һәм Раббының шәфҡәт күрһәтә торған йылын хәбәр итергә ебәрҙе». Ғайса ҡулъяҙманы төрөп хеҙмәтсегә кире бирҙе лә урынына ултырҙы. Ғибәҙәтханала һәммәһенең ҡарашы Уға төбәлгәйне. – Бөгөн, һеҙ быларҙы тыңлаған саҡта, Яҙмалағы ошо һүҙҙәр тормошҡа ашты, – тип һөйләй башланы уларға Ғайса. Барыһы ла Уны маҡтаны һәм Уның мәрхәмәтле һүҙҙәренә таң ҡалып: – Был Йософтоң Улы түгелме һуң? – тиештеләр. Ғайса: – Әлбиттә, һеҙ Миңә: «Табип! Үҙеңде Үҙең дауала», – тигән әйтем менән яуап бирерһегеҙ һәм: «Капернаумдағы эштәрең тураһында ишеттек, бында ла, Үҙең йәшәгән ҡалала, шуларҙы уҡ башҡар», – тип әйтерһегеҙ, – тине. Шунан һүҙен дауам итте: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: бер пәйғәмбәр ҙә үҙ ерендә ҡабул ителмәй. Һеҙҙе ышандырып әйтә алам: Ильяс пәйғәмбәр көндәрендә өс йыл һәм алты ай буйы, күк йөҙө ябылып, ямғыр яуманы, бөтә Исраил иле ҡот осҡос аслыҡтан интекте. Исраилда тол ҡатындар күп ине, ләкин Ильяс Алла тарафынан уларҙың береһенә лә түгел, ә Сидон илендәге Сарефаҫ ҡалаһында йәшәгән тол ҡатын янына ғына ебәрелде. Ильясиғин пәйғәмбәр ваҡытында Исраилда махау сире менән ауырығандар күп булды, әммә Сүриә кешеһе Нағамандан башҡа берәү ҙә был сирҙән таҙарынманы. Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, ғибәҙәтханалағы кешеләрҙең бөтәһе лә асыуҙан ярһыны. Урындарынан тороп, Ғайсаны ҡаланан ҡыуып алып сыҡтылар ҙа, түбәнгә ырғытырға тип, ҡала урынлашҡан тауҙың башына алып менделәр. Әммә Ғайса, халыҡ араһынан үтеп, үҙ юлы менән китеп барҙы. Ул Галилеяның Капернаум ҡалаһына килде һәм шәмбе көнө халыҡты аң-белемгә өйрәтте. Уның өйрәтеүҙәренә бөтәһе лә хайран ҡалды, сөнки Ул хакимдарса һөйләй ине. Ғибәҙәтханала яуыз рух эйәләгән бер кеше бар ине. Ул көслө тауыш менән: – Эй, назаралы Ғайса, һиңә беҙҙән нимә кәрәк? Беҙҙе һәләк итергә килдеңме? Һинең кем икәнлегеңде беләм. Һин Алла тарафынан һайланған изге Әҙәмһең! – тип ҡысҡырҙы. Ғайса рухты: – Шым! – тип тыйҙы. – Был кешенән сыҡ! Ен, әлеге әҙәмде халыҡ алдында ҡолатып, уға бер зыян да килтермәйенсә, эсенән сығып китте. Был хәлгә бөтәһе лә таң ҡалып: – Был ни хәл? Ул хакимлыҡ һәм ҡөҙрәт менән яуыз рухтарға бойороҡ бирә, һәм улар кешенән сыға, – тип һөйләнделәр. Уның хаҡында хәбәр бөтә тирә-яҡҡа таралды. Ғайса, ғибәҙәтхананан сыҡҡас, Шимғондың өйөнә килде. Шимғондың ҡәйнәһе, бөтә тәне янып, тапма менән ауырып ята ине. Ғайсанан уға ярҙам итеүен һоранылар. Ул, ҡатын өҫтөнә эйелеп, сиргә туҡтарға ҡушты. Тән яныуы туҡтаны. Ҡатын шунда уҡ торҙо ла уларға табын әҙерләй башланы. Ҡояш байыған мәлдә бөтәһе лә төрлө сирҙәрҙән ғазапланыусы яҡындарын Ғайса янына алып килде. Ғайса, һәр береһенә ҡулдарын ҡуйып, уларҙы һауыҡтырҙы. «Һин – Алла Улы!» – тип ҡысҡырышып, күптәрҙең эсенән ен сыҡты. Ә Ғайса, ҡаты киҫәтеп, ендәрҙе һүҙ һөйләүҙән тыйҙы, сөнки улар Уның Мәсих икәнлеген белә ине. Яңы көн тыуғас, Ул ҡаланан сығып аулаҡ урынға китте. Халыҡ Уны эҙләргә кереште, тапҡас, үҙҙәре янында ҡалырға өгөтләне. Әммә Ғайса уларға: – Алла Батшалығы тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе башҡа ҡалаларға ла еткерергә тейешмен. Мин шуның өсөн ебәрелдем бит, – тине. Ул Йәһүҙиәләге ғибәҙәтханаларҙа вәғәз һөйләүен дауам итте. Бер ваҡыт, Геннисарет күле буйында, Алла һүҙен тыңларға тип йыйылған халыҡ Ғайсаны төрлө яҡлап ҡыҫырыҡлай башланы. Шул ваҡыт Ғайса күл ярына килеп туҡтаған ике кәмәне күреп ҡалды. Балыҡсылар, кәмәләрҙән төшөп, ауҙарын йыуып йөрөйҙәр ине. Ғайса уларҙың береһенә ултырҙы ла, ә ул кәмә Шимғондыҡы ине, ярҙан бер аҙ китергә һораны һәм кәмәлә ултырған көйө халыҡты аң-белемгә өйрәтә башланы. Һүҙен тамамлағас, Шимғонға: – Тәрәнгәрәк барып, иптәштәрең менән ау һалығыҙ! – тине. – Остаз! Беҙ төнө буйы йөрөнөк, әммә бер нәмә лә тота алманыҡ. Шулай ҙа, Һин ҡушаһың икән, ау һалам, – тип яуап ҡайтарҙы Шимғон. Шулай эшләнеләр, һәм уларға бик күп балыҡ эләкте, хатта ауҙары бүҫелә башланы. Ҡул болғап, балыҡсылар иптәштәрен ярҙамға саҡырҙы. Иптәштәре килеп, ике кәмәне лә балыҡ менән тултырғас, кәмәләр бата яҙҙы. Шимғон Петрус был хәлде күреп: – Хакимым, кит минең янымдан! Мин гонаһлы, – тип Ғайсаның тубығына йығылды. Балыҡтың күп эләгеүе Шимғон Петрусты ла, уның менән булғандарҙы ла ҡурҡыуға һалды. Шулай уҡ Шимғондың иптәштәре – Зәбәҙәйостың улдары Яҡуп менән Яхъяның да ҡото алынды. Ғайса Шимғонға: – Ҡурҡма, ошо ваҡыттан башлап кешеләр ауларһың, – тине. Балыҡсылар кәмәләрен ярға сығарҙы ла, бөтә нәмәләрен шунда ҡалдырып, Ғайсаға эйәреп китте. Ғайса бер ҡалала булған саҡта, Уның эргәһенә тотош тәнен махау баҫҡан бер кеше килде. Ғайсаны күргәс, алдына йығылып: – Әфәндем! Әгәр теләһәң, мине таҙарта алаһың бит, – тип ялбарҙы. Ғайса ҡулын һуҙып уға ҡағылды: – Эйе, теләйем, таҙарын! Был кешенең махауы шунда уҡ юҡҡа сыҡты. Ғайса был турала берәүгә лә һөйләмәҫкә ҡушты: – Ҡаһинға барып күрен һәм һауығыуың өсөн, Муса ҡушҡанса, ҡорбан килтер. Был кешеләргә һауығыуыңды раҫлау билдәһе булыр. Ғайса тураһындағы хәбәр тағы ла нығыраҡ таралды. Уны тыңлау һәм ауырыуҙарынан һауығыу өсөн янына бик күп кеше ағылды. Ғайса иһә аулаҡ урындарға барып доға ҡылыр булды. Бер тапҡыр, Ғайса халыҡҡа аң-белем биргән саҡта, тыңлаусылар араһында Галилеяның һәм Йәһүҙиәнең барлыҡ ауылдарынан, шулай уҡ Йәрүсәлимдән килгән фарисейҙар менән ҡанун өйрәтеүселәр ҙә ултыра ине. Раббы ҡөҙрәте Ғайса менән ине, һәм Ул ауырыуҙарҙы һауыҡтырҙы. Бына бер нисә кеше фалиж һуҡҡан берәүҙе ятҡан түшәге менән бергә күтәреп алып килде һәм уны, Ғайса алдына һалыр өсөн, өйгә алып инергә тырышты. Ләкин халыҡ араһынан үтергә юл таба алмағанлыҡтан, өй башына менеп, ҡыйығын һүтеп, ауырыуҙы түшәге менән бергә төркөм уртаһына, Ғайсаның алдына төшөрҙөләр. Ғайса, уларҙың ышаныуҙарын күреп, ауырыуға: – Дуҫым, һинең гонаһтарың ғәфү ителде! – тине. Ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар үҙ-ара фекер алыша башланы: – Көфөр һүҙ һөйләүсе был Кеше кем һуң? Гонаһтарҙы бер Алланан башҡа кем ярлыҡай ала? Ғайса, уларҙың уй-фекерҙәрен белеп: – Ни өсөн һеҙ шулай уйлайһығыҙ? – тип һораны. – Нимә тип әйтеү еңелерәк? «Гонаһтарың ғәфү ителде», – типме, әллә: «Тор ҙа атлап кит», – типме? Ләкин шуны белегеҙ: Әҙәм Улының ерҙә гонаһтарҙы ярлыҡарға хакимлығы бар. – Ул фалиж һуҡҡан кешегә өндәште: – Мин һиңә бойорам: тор ҙа, түшәгеңде алып, өйөңә ҡайт! Теге барыһының күҙ алдында йәһәт кенә торҙо ла, ятҡан түшәген алып, Алланы данлап, ҡайтып китте. Таң ҡалып, барыһы ла Алланы данланы. Ҡоттары осоуҙан: – Беҙ бөгөн иҫ киткес нәмәләр күрҙек, – тинеләр. Ошонан һуң Ғайса был урындан китеп барҙы. Һалым йыйыу урынында ултырған Леви исемле һалым йыйыусыны күреп, уға: – Миңә эйәр, – тине. Леви торҙо ла, бөтә нәмәһен ҡалдырып, Уның артынан эйәрҙе. Үҙенең өйөндә Леви Ғайса хөрмәтенә оло табын ҡорҙо. Табынға һалым йыйыусылар һәм башҡа кешеләр ҙә күп килде. Фарисейҙар һәм уларға ҡараған ҡанун белгестәре, асыуланып, Ғайсаның шәкерттәренә ризаһыҙлыҡ белдерҙе: – Ни өсөн һеҙ һалым йыйыусылар һәм башҡа гонаһлы әҙәмдәр менән бергә ашап-эсеп ултыраһығыҙ? – Табип сәләмәт кешеләргә түгел, ә ауырыуҙарға кәрәк, – тип яуап бирҙе Ғайса уларға. – Мин тәҡүә кешеләрҙе түгел, ә гонаһлыларҙы тәүбәгә саҡырырға килдем. Ҡайһы бер кешеләр Ғайсаға: – Яхъяның шәкерттәре лә, фарисейҙыҡылар ҙа ураҙаны йыш тота һәм доға ҡыла, ә Һинең шәкерттәрең ашай һәм эсә! – тине. – Кейәү яндарында булғанда, туйҙағы ҡунаҡтарҙы ураҙа тоторға мәжбүр итеү мөмкинме? Әммә килер бер көн: кейәү яндарынан алыныр һәм шул ваҡытта улар ураҙа тотасаҡ, – тине Ғайса һәм кинәйә менән һүҙен дауам итте: – Бер кем дә иҫке кейемгә яңы кейемдән йыртып алынған ямаулыҡ һалмай, юғиһә яңыһы ла әрәм була, иҫкеһенә лә яңы туҡыманан ямаулыҡ бармай. Шулай уҡ бер кем дә яңы шарапты иҫке турһыҡҡа һалмай. Юғиһә яңы шарап турһыҡты йыртыр ҙа шарап ағып бөтөр, турһыҡ әрәм булыр. Яңы шарап яңы турһыҡҡа тултырылырға тейеш. Бер кемдең дә, иҫке шарапты эскәндән һуң, яңыһын эскеһе килмәҫ. «Иҫкеһе яҡшыраҡ шул», – тип әйтер. Бер тапҡыр, шәмбе көндө, Ғайса иген баҫыуҙары аша үткәндә, шәкерттәре башаҡ өҙөп ала ла, устарында ыуып, бойҙай ашап бара ине. Фарисейҙарҙың ҡайһы берәүҙәре уларҙан: – Ни өсөн һеҙ шәмбе көндө тыйылғанды эшләйһегеҙ? – тип һораны. – Дауыт менән уның юлдаштары асыҡҡас, Дауыттың нимә эшләгәне тураһында уҡығанығыҙ юҡмы ни? Ул, Алла йортона инеп, Аллаға бағышланған икмәктәрҙе алған: үҙе лә ашаған, юлдаштарына ла биргән, ә ҡанун буйынса уларҙы ҡаһиндарҙан башҡа һис кемгә ашарға рөхсәт ителмәй, – тип яуапланы Ғайса һәм: – Әҙәм Улы – шәмбе көнөнөң хужаһы, – тип өҫтәп ҡуйҙы. Икенсе бер шәмбелә Ғайса ғибәҙәтханаға инеп халыҡты өйрәтте. Унда уң ҡулы ҡороған берәү бар ине. Ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар, Ғайсаны ғәйепләргә һылтау эҙләп, шәмбе көндө берәйһен һауыҡтырмаҫмы икән тип, Уны күҙәтте. Әммә Ғайса, уларҙың уйҙарын белеп, ҡулы ҡороған кешегә: – Уртаға сығып баҫ! – тине. Теге кеше сығып баҫты. Шул саҡ Ғайса ҡанун белгестәре менән фарисейҙарҙан: – Мин һеҙгә шундай һорау бирәм: шәмбе көндө яҡшылыҡ эшләү дөрөҫмө, әллә яманлыҡмы? Кешенең ғүмерен ҡотҡарыумы, әллә һәләк итеүме? – тип һораны. Ғайса бөтөнөһөнә күҙ йөрөтөп сыҡты ла теге кешегә: – Ҡулыңды һуҙ! – тип бойорҙо. Теге кеше ҡушылғанды үтәне, һәм ҡулы һауыҡты. Ҡанун белгестәре менән фарисейҙарҙың асыуы ҡабарҙы, улар, Ғайсаға ҡаршы ни эшләргә икән, тип кәңәш ҡорҙо. Шул көндәрҙә Ғайса доға ҡылырға тип тауға артылды һәм төнө буйы Аллаға доға ҡылып сыҡты. Иртәгеһен шәкерттәрен Үҙе янына саҡырҙы, араларынан ун икеһен һайлап алып, уларҙы илселәр тип атаны. Улар – Ғайса Петрус тип атаған Шимғон, уның ҡустыһы Әндриас, Яҡуп һәм Яхъя, Филиппус һәм Барҫоломай, Маҫҫайос һәм Томас, Алфай улы Яҡуп һәм Көрәшсе ҡушаматлы Шимғон Яҡуп улы Йәһүҙә һәм аҙаҡ хыянат итәсәк Йәһүҙә Искариот. Ғайса илселәр менән бергә тауҙан тигеҙлеккә төштө. Унда Уның күп кенә шәкерттәре һәм бөтә Йәһүҙиәнән дә, Йәрүсәлимдән дә, диңгеҙ буйындағы Тир һәм Сидон яҡтарынан да бик күп халыҡ йыйылды. Улар Ғайсаны тыңларға, ауырыуҙарынан арынырға килгәйне. Яуыз рухтарҙан ғазап сиккән кешеләр ҙә һауыҡты. Бөтә халыҡ Ғайсаға ҡағылырға тырышты, сөнки Унан сыҡҡан ҡөҙрәт һәммәһен дә һауыҡтыра ине. Ғайса шәкерттәренә ҡарап былай тине: – Ярлылар, һеҙ бәхетле, сөнки Алла батшалығы һеҙҙеке; әле ас кешеләр, һеҙ бәхетле, сөнки туясаҡһығыҙ; әле илаусылар, һеҙ бәхетле, сөнки көләсәкһегеҙ. Әҙәм Улы өсөн кешеләр һеҙгә нәфрәтләнгәндә лә, һеҙҙе ҡыуып ебәргәндә, хурлағанда, исемегеҙгә ҡара яҡҡанда ла һеҙ бәхетле. Шул көндә шатланығыҙ һәм ҡыуаныстан һикерегеҙ, сөнки күктә әжерегеҙ ҙур буласаҡ. Ул кешеләрҙең ата-бабалары ла пәйғәмбәрҙәр менән шулай эшләгән. Байҙар, һеҙгә ҡайғы, сөнки етерлек йыуандығыҙ. Әлеге мәлдә туҡ булғандар, һеҙгә ҡайғы, сөнки асығырһығыҙ. Әлеге мәлдә көлөүселәр, һеҙгә ҡайғы, сөнки хәсрәтләнерһегеҙ һәм иларһығыҙ. Бар кешеләр ҙә һеҙҙе маҡтай икән, һеҙгә ҡайғы! Ул кешеләрҙең ата-бабалары ла ялған пәйғәмбәрҙәрҙе шулай маҡтаған! Һеҙгә, Мине тыңлаусыларға, әйтәм: дошмандарығыҙҙы яратығыҙ, һеҙҙе күрә алмаусыларға яҡшылыҡ ҡылығыҙ, үҙегеҙҙе ҡарғаған кешеләргә фатихағыҙҙы бирегеҙ һәм рәнйетеүселәр өсөн доға ҡылығыҙ. Бер яңағыңа һуҡҡан кешегә икенсе яңағыңды ла ҡуй, өҫкө кейемеңде тартып алыусыға күлдәгеңде лә тартып алырға ҡамасаулама. Һораған һәр кешегә һорағанын бир, үҙеңдекен алған кешенән кире һорама. Башҡаларҙың һеҙгә нимә эшләүен теләһәгеҙ, уларға шуны уҡ эшләгеҙ. Үҙегеҙҙе яратҡандарҙы ғына яратһағыҙ, һеҙгә нимә өсөн рәхмәт әйтергә һуң? Гонаһлылар ҙа үҙҙәрен яратҡан кешеләрҙе ярата. Үҙегеҙгә яҡшылыҡ эшләүселәргә генә яҡшылыҡ ҡылһағыҙ, һеҙгә ни өсөн рәхмәт әйтергә? Гонаһлылар ҙа шулай эшләй. Бурысҡа биргәндә, кире алырмын, тип уйлап бирһәгеҙ, һеҙгә ни өсөн рәхмәт әйтергә? Гонаһлылар ҙа бер-береһенә бурысҡа биргәндә шул уҡ кимәлдә кире ҡайтарыуға иҫәп тота. Ә һеҙ дошмандарығыҙҙы яратығыҙ, кешеләргә яҡшылыҡ эшләгеҙ, кире алырға өмөт итмәйенсә, бурысҡа бирегеҙ. Шулай итһәгеҙ, һеҙгә әжер мул төшөр һәм Юғарыларҙан Юғарының балалары булырһығыҙ. Сөнки Ул яҡшылыҡтың ҡәҙерен белмәгәндәргә лә, яуыздарға ла миһырбанлы. Атағыҙ шәфҡәтле булған кеүек, һеҙ ҙә шәфҡәтле булығыҙ. Хөкөм итмәгеҙ, үҙегеҙ ҙә хөкөм ителмәҫһегеҙ. Ғәйепләмәгеҙ, үҙегеҙ ҙә ғәйепләнмәҫһегеҙ. Ғәфү итегеҙ, үҙегеҙ ҙә ғәфү ителерһегеҙ. Бирегеҙ, һеҙгә лә бирелер. Итәктәрегеҙгә һәм салғыйҙарығыҙға мул итеп, үлсәү һауытын һелкетеп, тығыҙлап, өймәләмә тултырып һалып бирерҙәр. Ниндәй үлсәм менән үлсәп бирһәгеҙ, һеҙгә лә шундай уҡ үлсәм менән үлсәп ҡайтарырҙар. Ғайса Үҙен тыңлаусыларға кинәйәләп һөйләне: – Һуҡыр һуҡырҙы етәкләп бара аламы? Икеһе лә соҡорға ҡолап төшмәҫме? Шәкерт үҙенең остазынан өҫтөн булмай, ләкин, өйрәнеп алғандан һуң, һәр береһе остазы кеүек була. Нисек һин туғаныңдың күҙендәге сүпте күрәһең, ә үҙ күҙеңдәге бүрәнәне тоймайһың? Үҙ күҙеңдәге бүрәнәне күрмәй тороп, туғаныңа: «Ағай, күҙеңдәге сүпте алайым әле!» – тип нисек әйтә алаһың? Эй, ике йөҙлө! Тәүҙә үҙ күҙеңдәге бүрәнәне сығар, унан һуң асыҡ күрерһең һәм туғаныңдың күҙендәге сүпте ала алырһың. Бер яҡшы ағас та насар емеш бирмәй, һәм, киреһенсә, бер насар ағас та яҡшы емеш бирмәй. Һәр ағас емешенә ҡарап беленә. Билсәндән – инжир, ә сәнскәктән йөҙөм йыймайҙар. Яҡшы кеше үҙ күңелендәге яҡшылыҡ һандығынан яҡшылыҡ сығара, ә яман кеше үҙ күңелендәге яманлыҡ һандығынан яманлыҡ сығара. Сөнки кеше күңелендә ни йөрөй, телендә лә шул була. Ни өсөн һеҙ Миңә: «Хакимым, Хакимым», – тип өндәшәһегеҙ, ә үҙегеҙ әйткәндәремде үтәмәйһегеҙ? Минең яныма килеп, һүҙҙәремде ишетеп, уларҙы үтәүсене кемгә тиңләп була? Һеҙгә әйтәм: ул, өй төҙөгән саҡта, ерҙе тәрән итеп ҡаҙып, өйөн таш нигеҙ өҫтөнә һалған кеше һымаҡ. Ташҡын ваҡытында ярҙарынан сыҡҡан һыу, шул өйгә килеп бәрелеп тә, уны ҡаҡшата алмай, сөнки ныҡ итеп төҙөлгән. Ә инде Мине ишетеп тә, һүҙҙәремде үтәмәгән кеше – нигеҙ ҡормайынса ғына ер өҫтөнә өй һалған кеше һымаҡ. Ташҡын һыу өйгә килеп бәрелгән, өй шунда уҡ ауған һәм тулыһынса емерелгән. Халыҡҡа әйтә торған һүҙҙәрен һөйләп бөткәндән һуң, Ғайса Капернаумға килде. Бер йөҙ башының бик ихтирам иткән хеҙмәтсеһе, ауырып, үлем хәлендә ята ине. Йөҙ башы, Ғайса тураһында ишетеп, хеҙмәтсеһен ҡотҡарыу үтенесе менән йәһүд аҡһаҡалдарын Уға ебәрҙе. Улар, Ғайса янына килеп, ихлас үтенеп һораны: – Йөҙ башы Һинең ярҙамыңа лайыҡ, сөнки ул халҡыбыҙҙы ярата һәм беҙгә ғибәҙәтхана һалдырҙы. Ғайса аҡһаҡалдар менән китте. Өйөнә етеп килгән саҡтарында, йөҙ башы Ғайсаға үҙенең дуҫтарын ебәрҙе һәм: – Мәшәҡәтләнмә, Әфәндем! Мин Һине үҙ өйөмдә ҡабул итергә лайыҡ түгелмен, – тип әйтергә ҡушты. – Шуға күрә ҡаршыңа барырға үҙемде лайыҡлы һанаманым. Бер һүҙ генә әйт – хеҙмәтсем һауығасаҡ. Мин бит үҙем дә башҡа берәүгә буйһонам, үҙемдең дә ҡул аҫтымда ғәскәриҙәр бар. Уларҙың берәйһенә «кит» тиһәм, китә; икенсеһенә «кил» тиһәм, килә; хеҙмәтсемә «ошоно эшлә» тиһәм, эшләй. Быны ишетеп, Ғайса бик ғәжәпләнде һәм Үҙе артынан килгән халыҡҡа боролоп: – Һеҙгә шуны әйтәм: хатта Исраил халҡында ла был тиклем ышаныуҙы күрмәгәйнем, – тине. Ебәрелгән кешеләр, әйләнеп ҡайтҡас, ауырыу хеҙмәтсенең һауыҡҡанын күрҙеләр. Күп тә үтмәҫтән Ғайса Наин тип аталған ҡалаға китте. Шәкерттәре һәм бик күп халыҡ Уға эйәреп барҙы. Ғайса ҡала ҡапҡаһына яҡынлашҡанда, ҡаланан мәйет күтәреп сығып киләләр ине. Бер тол ҡатындың берҙән-бер улы үлгән икән. Уны ҡаланан бик күп кеше оҙатып бара ине. Раббы Ғайса, ҡатынды күргәс, уны йәлләп: – Илама, – тине. Шунан Ғайса, эргәләренә барып, табутҡа ҡулы менән ҡағылды. Табутты күтәреп барыусылар туҡтаны. – Егет! Һиңә әйтәм, тор! – тип бойорҙо Ғайса. Үлгән егет тороп ултырҙы, һөйләшә башланы. Ғайса әсәһенә улын ҡайтарып бирҙе. Бөтәһе лә ҡурҡып ҡалды һәм: – Арабыҙҙан бөйөк пәйғәмбәр сыҡты. Алла Үҙ халҡына ярҙамға килде, – тип Алланы данланы. Ғайса тураһындағы бындай хәбәр бөтөн Йәһүҙиәгә һәм тирә-яҡҡа таралды. Яхъяның шәкерттәре был хәлдәрҙең барыһы тураһында ла остаздарына һөйләп бирҙе. Яхъя ике шәкертен саҡырып алды ла уларҙы Раббы Ғайсаға ебәрҙе: – Килергә тейеш булған Ҡотҡарыусы Һинме, әллә башҡа берәүҙе көтәйекме? – тип һорарға ҡушты. Улар Ғайса янына килгәс: – Сумдырыусы Яхъя Һинән: «Килергә тейеш Ҡотҡарыусы Һинме, әллә башҡа берәүҙе көтәйекме?» – тип һорарға ебәрҙе, – тинеләр. Тап шул ваҡытта Ғайса күптәрҙе сирҙәренән, ҡаты зәхмәттәрҙән, яуыз рухтарҙан һауыҡтырғайны һәм байтаҡ ҡына һуҡырҙарҙы күҙле иткәйне. Ғайса Яхъяның шәкерттәренә: – Барығыҙ, күргән һәм ишеткәндәрегеҙҙе Яхъяға ҡайтып һөйләгеҙ: һуҡырҙар йәнә күрә, аҡһаҡтар йөрөй, махаулылар таҙарына, һаңғырауҙар ишетә, үлгәндәр терелеп тора, фәҡирҙәргә Һөйөнөслө Хәбәр иғлан ителә. Кем Мине кире ҡаҡмай, шул бәхетле, – тип яуап бирҙе. Килгән кешеләр киткәс, Ғайса халыҡҡа Яхъя тураһында һөйләй башланы: – Һеҙ сүлгә нимә ҡарарға барҙығыҙ? Елгә тирбәлеп ултырған ҡамыштымы? Юҡ? Улай булғас, нимә күрергә теләнегеҙ һуң? Ҡупшы кейем кейгән кешенеме? Ә бит затлы кейенеп йөрөгән һәм зиннәттә йәшәгән кешеләр батша һарайҙарында була. Улайһа, нимә ҡарарға барҙығыҙ? Пәйғәмбәрҙеме? Эйе, Мин һеҙгә әйтәм, Яхъя пәйғәмбәрҙән дә бөйөгөрәк. Уның тураһында Изге Яҙмала: «Бына, Мин Һинең алдыңдан хәбәрсемде ебәрәм, ул Һинең алдыңдан юл әҙерләр», – тип яҙылған. Мин һеҙгә шуны әйтәм: ҡасан да булһа тыуған кешеләр араһында Яхъянан бөйөгөрәк берәү ҙә юҡ. Әммә Алла батшалығында иң кесе тип һаналғаны ла унан бөйөгөрәк. Был һүҙҙәрҙе ишеткән бөтә халыҡ, хатта һалым йыйыусылар ҙа, Алланың хаҡ икәнен таныны, сөнки улар Яхъя тарафынан һыуға сумдырылғайны. Фарисейҙар менән ҡанун белгестәре иһә Яхъяның һыуға сумдырыуынан баш тартты. Бының менән улар Алла ихтыярын кире ҡаҡты. Ғайса тағы былай тине: – Шулай итеп, был быуын кешеләрен кем менән сағыштырайым икән? Уларҙы нимәгә тиңләп була? Улар: «Беҙ һеҙгә күңелле көйҙәр уйнаныҡ, ә һеҙ бейемәнегеҙ. Беҙ һеҙгә моңһоу йырҙар йырланыҡ, ә һеҙ иламанығыҙ», – тип баҙар майҙанында бер-береһенә ҡысҡырып ултырған балаларға оҡшаған. Сумдырыусы Яхъя килде, икмәк тә ашамай, шарап та эсмәй, ә һеҙ: «Уға ен эйәләшкән», – тиһегеҙ. Әҙәм Улы килде, һәр береһе кеүек ашай ҙа, эсә лә, ә һеҙ: «Бына, ҡарағыҙ, Ул ашамһаҡ, эскесе, һалым йыйыусылар менән гонаһ ҡылыусыларҙың дуҫы!» – тиһегеҙ. Әммә Алла аҡылы уны ҡабул иткән бөтә кешеләр тарафынан хаҡ тип раҫлана. Фарисейҙарҙың береһе Ғайсаны ашҡа саҡырҙы. Ғайса, фарисейҙың өйөнә инеп, табынға ултырҙы. Шул ҡалала йәшәгән әхлаҡһыҙ бер ҡатын, Ғайсаның фарисей өйөндә ашап ултырғанын белеп ҡалып, хуш еҫле май һалынған алебастр һауыт тотоп килеп инде. Ул илай-илай Ғайсаның артында баҫып торҙо, күҙ йәштәре Уның аяҡтарына тамды. Ҡатын Ғайсаның аяҡтарына тамған күҙ йәштәрен сәстәре менән һөртөп, аяҡтарын үбә-үбә майланы. Ғайсаны ашҡа саҡырған фарисей быны күреп: «Әгәр Ул пәйғәмбәр булһа, Үҙенә ҡағылған ҡатындың ниндәй икәнлеген белер ине. Ул бит әхлаҡһыҙ ҡатын», – тип уйланы. Ғайса уға: – Шимғон, Минең һиңә әйтергә теләгән бер һүҙем бар, – тине. – Әйт, Остаз, – тине фарисей. – Ике кеше бер әҙәмгә бурыслы икән: береһенең бирәсәге биш йөҙ динар, ә икенсеһенеке – илле динар. Тегеләр түләй алмағас, ул икеһен дә ғәфү итә. Нисек уйлайһың, уларҙың ҡайһыныһы уны нығыраҡ яратыр? – Күберәк бурысы ғәфү ителгәнелер, тип фараз итәм, – тип яуап бирҙе Шимғон. Ғайса уға: – Һин дөрөҫ уйлайһың, – тине. Унан, ҡатынға табан борола биреп, һүҙен дауам итте: – Был ҡатынды күрәһеңме? Мин һинең өйөңә килдем, һин аяҡ йыуырға һыу ҙа бирмәнең. Ә ул аяҡтарымды күҙ йәштәре менән сылатты, сәстәре менән һөртөп алды. Һин Мине үпмәнең, ә ул Мин бында килгәндән бирле аяҡтарымды үбеүҙән туҡтамай. Һин Минең башыма хатта ябай май ҙа һөртмәнең, ә ул Минең аяҡтарымды хуш еҫле май менән майланы. Һиңә ни өсөн икәнлеген әйтәм: уның күп гонаһтары ғәфү ителде, шуның өсөн Миңә ҡарата уның мөхәббәте ҙур. Аҙ ғәфү ителгән кешенең мөхәббәте лә аҙ. Ә ҡатынға иһә: – Гонаһтарың ғәфү ителде, – тине. Табын артындағылар бер-береһенә: – Кем Ул? Ул хатта гонаһтарҙы ғәфү итә, – тиештеләр. Ғайса ҡатынға тағы ла: – Һине ышаныуың ҡотҡарҙы, имен йөрө, – тине. Шунан һуң Ғайса ҡалалар һәм ауылдар буйлап Алла Батшалығы тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп йөрөнө. Ун ике шәкерте Уның менән булды. Ғайса яуыз рухтарҙан һәм ауырыуҙарҙан һауыҡтырған ҡатын-ҡыҙҙарҙың бер нисәүһе: эсенән ете яуыз рух ҡыуып сығарылған магдалалы тип йөрөтөлгән Мәрйәм, Һируд йортонда идара итеүсе Хузастың ҡатыны Йоанна, Сусанна һәм байтаҡ башҡа ҡатындар ҙа Уның менән бергә булды. Был ҡатындар үҙ иҫәптәренән Ғайсаға һәм Уның шәкерттәренә ярҙам итәләр ине. Төрлө ҡалаларҙан Үҙенең янына бик күп халыҡ йыйылғас, Ғайса уларға кинәйәле ҡисса һөйләне: – Бер кеше сәсеүгә сыҡҡан. Сәскән сағында орлоҡтарҙың бер өлөшө юл буйына ҡойолоп тапалған, уларҙы ҡоштар сүпләп бөткән. Ҡайһы береһе ташлы ергә төшкән һәм, шытып сыҡһалар ҙа, дым булмағанлыҡтан, ҡороған. Ҡайһы бер орлоҡтар сәнскәк араһына төшкән. Улар, сәнскәк менән бергә үҫеп, баҫылып ҡалған. Ә инде башҡа орлоҡтар уңдырышлы ергә төшөп шытҡан һәм йөҙләтә күберәк уңыш биргән. Ошоларҙы һөйләп бөткәс, Ғайса: – Ҡолаҡтары барҙар ишетһен! – тип ҡысҡырҙы. Шәкерттәре Унан: – Был кинәйәле ҡисса нимә аңлата? – тип һораны. Ғайса былай тип яуап бирҙе: – Һеҙгә Алла Батшалығының серҙәрен белеү бирелгән, ә башҡаларға, улар, «ҡарап та, күрмәһендәр, тыңлап та, аңламаһындар» өсөн, ул ҡиссалар аша еткерелә. Был ҡиссаның асылы шунда: орлоҡ – Алла һүҙе. Юл буйына төшкән орлоҡтар шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетә, әммә Иблис килеп, улар иманға килеп ҡотолмаһын өсөн, йөрәктәрендәге һүҙҙе алып китә. Ташлы урынға сәселгән орлоҡтар шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетә, уны шатланып ҡабул итә, әммә, тамырҙары булмағанлыҡтан, ышаныстары ла ваҡытлыса ғына була һәм улар һынау ваҡытында сигенә. Сәнскәк араһына төшкән орлоҡтар шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетә, ләкин тормош мәшәҡәттәре, байлыҡ һәм ләззәт, ваҡыт үтеү менән, һүҙҙе баҫып ала. Ундай кешеләрҙең емештәре өлгөрмәй. Ә уңдырышлы тупраҡҡа төшкән орлоҡ шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетеп, уны ихлас һәм саф күңел менән һаҡлай. Ундайҙар, сабырлыҡ күрһәтеп, уңыш килтерә. Бер кем дә шәм тоҡандырып, уны көршәк менән ҡапламай, һике аҫтына ла ҡуймай. Киреһенсә, өйгә килеп ингәндәр яҡтыны күрһен өсөн, шәмдәлгә ултырталар. Сөнки фаш ителмәҫ йәшерен бер нәмә лә, беленмәҫ һәм асылмаҫ бер сер ҙә булмаясаҡ. Шулай итеп, нисек тыңлауығыҙға иғтибар итегеҙ: кемдеке бар, шуға тағы ла күберәк бирелер, ә кемдеке юҡ, уның бар тип уйлағаны ла тартып алыныр. Ғайсаның әсәһе һәм ҡустылары килгәс, халыҡ күп булғанлыҡтан, Уның эргәһенә үтә алманы. Ғайсаға: – Әсәйең менән ҡустыларың тышта тора. Улар һине күрергә теләй, – тип хәбәр еткерҙеләр. Ғайса уларға: – Минең әсәйем менән туғандарым – Алла һүҙен тыңлаусылар һәм уны үтәүселәр, – тип яуап бирҙе. Бер көндө Ғайса шәкерттәре менән кәмәгә инеп ултырҙы ла: – Әйҙәгеҙ, күлдең теге ярына сығайыҡ, – тине. Улар ҡуҙғалды. Кәмәлә барған саҡта Ғайса йоҡлап китте. Күл өҫтөндә көслө дауыл күтәрелде, һәм кәмә эсенә һыу тула башланы, кәмәләгеләргә хәүеф янай ине. Шәкерттәре Ғайса янына килеп: – Остаз, Остаз! Батабыҙ бит! – тип ҡысҡырып Уны уяттылар. Ғайса иһә тороп елде лә, ҡоторонған тулҡындарҙы ла тыйҙы һәм, улар туҡтағас, тынлыҡ урынлашты. Ул шәкерттәренән: – Ышанысығыҙ ҡайҙа һуң һеҙҙең? – тип һораны. Ҡурҡыуға төшкән шәкерттәр хайран ҡалып бер-береһенә: – Кем һуң Ул? Елгә лә, һыуға ла бойора, ә улары буйһона, – тиеште. Улар күлдең аръяғына, Галилеяға ҡаршы урынлашҡан Гераса еренә килеп етте. Ғайса ярға сыҡҡас, шундағы ҡаланың ен эйәләшкән бер кешеһе Уға ҡаршы килде. Ул байтаҡтан бирле кейем кеймәй ине һәм өйөндә түгел, ә ҡәбер мәмерйәһендә йәшәп йөрөнө. Был кеше, Ғайсаны күреп, ҡапыл ҡысҡырып ебәрҙе, Уның алдына йығылып, көслө тауыш менән: – Эй, Ғайса, Юғарыларҙан Юғары Алланың Улы! Минән Һиңә нимә кәрәк? Үтенеп һорайым, яфалама мине, – тип ҡысҡырҙы. Сөнки Ғайса яуыз рухҡа ул кешенән сығырға бойорғайны. Яуыз рух был әҙәмде күптән яфалаған. Сынйырҙар һәм бығауҙар менән бәйләп тотҡанда ла, ул бығауҙарҙы өҙгән һәм эйәләшкән ене уны сүлдәргә ҡыуып алып китә торған булған. Ғайса унан: – Исемең кем? – тип һораны. – Ғәскәр, – тип яуап бирҙе ул, сөнки был кешенең эсенә эйәләшкән ендәр бик күп ине. Ендәр Ғайсанан үҙҙәрен төпһөҙ упҡынға ебәрмәүен ялбара башланы. Шул тирәләге тау битендә ҙур сусҡа көтөүе утлап йөрөй ине. Ендәр Ғайсанан шул сусҡалар эсенә инергә рөхсәт һораны. Ғайса рөхсәт итте. Теге кешенән сыҡҡан ендәр сусҡаларҙың эсенә барып ингәс, көтөү сабып китте лә, текә ярҙан күлгә ташланып, батып үлде. Барыһын да күреп торған сусҡа ҡараусылар ҡалаға йүгерҙеләр, унда ла, ауылдарҙа ла барыһын да һөйләп бирҙеләр. Нимә булғанын күрергә теләп, кешеләр Ғайса янына килде. Эсенән ендәре сыҡҡан әҙәмдең кейенгән һәм аҡылына килгән хәлдә Ғайсаның аяҡ осонда ултырғанын күреп, ҡурҡыуға ҡалдылар. Быларҙың барыһын да күреп торған кешеләр ен эйәләшкән ирҙең нисек һауыҡҡанын уларға һөйләп бирҙе. Гераса төбәгендәге бөтә халыҡты ҡурҡыу солғап алды, шуның өсөн улар Ғайсаның был ерҙәрҙән китеүен һораны. Ул кәмәгә ултырып ҡайтырға ҡуҙғалғанда, эсенән ендәре сыҡҡан кеше уны ла Үҙе менән алыуын һорап ялбарҙы. Әммә Ғайса: – Өйөңә ҡайт та Алла һинең өсөн нимә эшләгәнде һөйлә, – тип уны ҡайтарып ебәрҙе. Был әҙәм Ғайсаның уға нимәләр эшләгәнен ҡала буйлап һөйләп йөрөнө. Ғайса әйләнеп ҡайтҡас, халыҡ Уны шатланып ҡаршы алды. Уны бөтәһе лә көтә ине. Шул саҡ Яйрос исемле ғибәҙәтхана башлығы Ғайса янына килде лә, аяҡтарына йығылып, өйөнә барырға ялынды. Яйростың ун ике йәштәр тирәһендәге берҙән-бер ҡыҙы үлем хәлендә ята ине. Яйростың өйөнә тиклем Ғайса төрлө яҡлап ҡыҫырыҡлаған халыҡ уртаһында барҙы. Улар араһында ун ике йыл буйы ҡан китеүҙән яфаланған бер ҡатын бар ине. Бар мөлкәтен табиптарға сарыф итеп бөтөрһә лә, береһе лә уны һауыҡтыра алмағайны. Шул ҡатын, артынан килеп, Ғайсаның кейеменең салғыйына ҡағылғайны, ҡан ағыуы шунда уҡ туҡтаны. – Миңә кем ҡағылды? – тип һораны Ғайса. Бөтәһе лә баш тартҡас, Петрус: – Остаз, халыҡ Һине уратып алған һәм төрлө яҡтан ҡыҫырыҡлай, – тине. – Миңә кемдер ҡағылды. Мин Үҙемдән көс сыҡҡанын тойҙом, – тине Ғайса. Теге ҡатын, йәшеренеп ҡала алмаясағын аңлағас, ҡалтырана-ҡалтырана Ғайса янына килде лә Уның аяғына йығылды. Ни өсөн ҡағылыуы һәм ҡағылғас та һауығыуы тураһында бөтә халыҡ алдында һөйләп бирҙе. Ғайса уға: – Ҡыҙым! Һине ышаныуың һауыҡтырҙы. Бар, имен йөрө, – тине. Ғайса ошо һүҙҙәрҙе әйткән саҡта, ғибәҙәтхана башлығының өйөнән кемдер килеп башлыҡҡа: – Ҡыҙың вафат булды, Остазды бүтән мәшәҡәтләмә, – тип әйтте. Ғайса иһә был һүҙҙәрҙе ишетеү менән башлыҡҡа: – Ҡурҡма, бары ышан ғына һәм ҡыҙың һауығасаҡ, – тине. Яйростың өйөнә килеп еткәс, Ғайса Петрустан, Яхъянан һәм Яҡуптан, ҡыҙҙың атаһынан һәм әсәһенән башҡа бер кемгә лә Үҙе менән инергә рөхсәт итмәне. Бөтәһе лә үкһеп иланы. Әммә Ғайса уларға: – Иламағыҙ, ул үлмәгән, йоҡлай ғына, – тине. Ҡыҙҙың үлгәнлеген белгәс, барыһы ла Ғайсанан көлә башланы. Ғайса иһә ҡыҙҙың ҡулынан тотто ла: – Балам, тор! – тип өндәште. Ҡыҙға йән ҡайтты, һәм ул шунда уҡ урынынан торҙо. Ғайса уға ашарға бирергә ҡушты. Ҡыҙҙың атаһы менән әсәһе таң ҡалды. Ғайса иһә уларға был хаҡта бер кемгә лә һөйләмәҫкә ҡушты. Ғайса, ун ике шәкертен саҡырып алып, уларға бөтә ендәрҙе ҡыуып сығарырлыҡ, ауырыуҙарҙы дауаларлыҡ ҡеүәт һәм вәкәләт биреп, Алла Батшалығы хаҡында вәғәз һөйләргә һәм ауырыу кешеләрҙе һауыҡтырырға сығарып ебәрҙе. Ул шәкерттәренә: – Сәфәргә үҙегеҙ менән бер нәмә лә: юл таяғы ла, биштәр ҙә, икмәк тә, аҡса ла, алмаш күлдәк тә алмағыҙ, – тине. – Ҡайһы өйҙә туҡталһағыҙ, шунда ҡалығыҙ, шул өйҙән сығып ары китерһегеҙ. Әгәр ҡабул итмәһәләр, был ҡаланан киткән саҡта, уларға ҡаршы шаһитлыҡ билдәһе итеп, аяҡтарығыҙҙағы туҙанды ҡағып төшөрөгөҙ. Шәкерттәр юлға сыҡты, һәр ерҙә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп, ауырыуҙарҙы һауыҡтырып, ауылдан-ауылға йөрөнө. Быларҙың барыһы тураһында ишетеп, өлкә идарасыһы Һируд аптырашта ҡалды, сөнки ҡайһы берәүҙәр: «Яхъя үленән терелеп торған», икенселәре: «Ильяс ергә ҡайтҡан», башҡалары иһә: «Боронғо пәйғәмбәрҙәрҙең береһе терелгән», – тип һөйләне. Ә Һируд: – Яхъяның башын мин үҙем ҡырҡтырғайным, шулай булғас, Уның тураһында бындай хәбәрҙәр ишетергә тура килгән был Кеше кем һуң? – тип һораны. Һируд Уны күреү мөмкинлеген эҙләне. Әйләнеп ҡайтҡас, илселәр ҡылған эштәре тураһында Ғайсаға һөйләп бирҙе. Ғайса уларҙы Үҙе менән Бейт-Сайда тигән ҡала эргәһендәге аулаҡ урынға алып китте. Ләкин халыҡ, Уның ҡайҙа киткәнен белеп, артынан эйәрҙе. Ғайса, халыҡты ҡабул итеп, уларға Алла Батшалығы тураһында һөйләне һәм һауығыуға мохтаждарҙы һауыҡтырҙы. Көн кискә ауышҡас, ун ике шәкерт Уның янына килде: – Халыҡты ебәр, эргә-тирәләге ауылдарға, утарҙарға барып, үҙҙәренә йоҡларға урын тапһындар һәм ашау яғын хәстәрләһендәр. Бында бит ҡола ялан. – Һеҙ уларҙы үҙегеҙ ашатығыҙ, – тине Ғайса. – Беҙҙең биш икмәк менән ике балыҡтан башҡа бер нәмәбеҙ ҙә юҡ. Бындағы кешеләрҙең бөтәһе өсөн дә ризыҡты беҙ һатып алайыҡмы ни? – тип һораны шәкерттәр. Унда ирҙәр генә лә биш меңләп ине. Ғайса шәкерттәренә: – Уларҙы иллешәр кешелек төркөмдәргә бүлеп ултыртығыҙ, – тине. Шәкерттәр шулай эшләне. Бөтәһен дә ултыртып сыҡҡас, Ғайса биш икмәкте һәм ике балыҡты алды ла күккә ҡарап улар өсөн шөкөрана ҡылды, унан, икмәк менән балыҡтарҙы бүлгеләп, халыҡҡа өләшер өсөн шәкерттәренә бирҙе. Бөтәһе лә туйғансы ашаны. Ҡалған һыныҡтарҙы ун ике кәрзингә йыйып алдылар. Бер ваҡыт, Ғайса аулаҡ ҡалып доға ҡылғанда, шәкерттәре Уның янында ине. Ғайса уларҙан: – Халыҡ Мине кем тип иҫәпләй? – тип һораны. – Берәүҙәр Һине Сумдырыусы Яхъя ти, икенселәре – Ильяс, ә ҡайһылары боронғо пәйғәмбәрҙәрҙең береһе терелеп торған тип уйлай, – тип яуап бирҙеләр Уға. – Ә һеҙ Мине кем тип иҫәпләйһегеҙ? – тип һораны Ул шәкерттәренән. – Һин – Алла Мәсихе, – тип яуапланы Петрус. Ғайса ҡәтғи рәүештә быны бер кемгә лә һөйләмәҫкә ҡушты һәм: – Әҙәм Улы күп ғазаптар кисерәсәк, аҡһаҡалдар, баш ҡаһиндар һәм ҡанун белгестәре тарафынан кире ҡағыласаҡ һәм үлтереләсәк, әммә өсөнсө көндә Ул терелеп торасаҡ, – тине. Шунан Ғайса уларға былай тине: – Әгәр берәй кеше Минең артымдан барырға теләһә, шул үҙ-үҙенән ваз кисһен һәм, арҡысағын йөкмәп, көн һайын Миңә эйәрһен. Кем үҙенең йәнен һаҡлап ҡалырға теләй, уны юғалтыр; әммә кем үҙенең йәнен Минең хаҡыма юғалта, уны һаҡлап ҡалыр. Әгәр кеше бөтөн донъяны ҡаҙанып та, үҙен юғалтһа йәки үҙен һәләк итһә, бынан уға ни файҙа? Кем Минән һәм Минең һүҙҙәремдән ояла, Үҙенең, Атаның һәм изге фәрештәләрҙең балҡып торған шөһрәте эсендә килгән саҡта Әҙәм Улы ла унан оялыр. Һеҙгә ысынын әйтәм: бында баҫып торған кешеләрҙең ҡайһы берәүҙәре, Алла Батшалығын күргәнсе, үлем татымаҫ. Ошо һүҙҙәрҙән һуң һигеҙ көн самаһы үткәс, Ғайса Петрусты, Яхъяны һәм Яҡупты Үҙе менән алып, доға ҡылырға тауға менде. Доға ҡылған саҡта Ғайсаның йөҙ-ҡиәфәте үҙгәреп китте, кейеме ялтырап торған аҡ төҫкә инде. Петрусты һәм уның менән бергә булған башҡа шәкерттәрҙе йоҡо баҫҡайны. Улар, уянғас, Ғайсаның шөһрәтен һәм Уның эргәһендә ике ир кешене күрҙе. Был кешеләр Ғайса эргәһенән китергә торғанда Петрус: – Остаз, беҙҙең бында булыуыбыҙ ҡайһылай яҡшы! Өс сатыр ҡорайыҡ: береһен – Һиңә, береһен – Мусаға, береһен – Ильясҡа, – тине. Тик ул ни әйткәнен үҙе лә белмәй ине. Петрус был һүҙҙәрҙе әйткән саҡта болот килеп сығып, күләгәһе менән уларҙы ҡаплап алды. Болот эсендә ҡалғас, шәкерттәр ҡурҡып китте. Болот эсенән: «Был – Минең Улым, һайлап алған Улым, Уны тыңлағыҙ»! – тигән тауыш ишетелде. Был тауыш тынғанда Ғайса яңғыҙы ғына ҡалғайны. Шәкерттәр ул көндәрҙә нимә күргәндәре тураһында бер кемгә лә һөйләп йөрөмәне. Икенсе көн шәкерттәре менән тауҙан төшкән Ғайсаны күмәк халыҡ ҡаршы алды. Шул саҡ халыҡ араһынан берәү: – Остаз, үтенеп һорайым, улымды килеп ҡара! Ул минең берҙән-бер улым, – тип ҡысҡырҙы. – Яуыз рух уны баҫып ала ла, бала ҡапыл ҡысҡыра башлай, тәне тартыша, ауыҙынан күбек сыға. Яуыз рух, уны ныҡ итеп интектергәндән һуң, көскә сигенә. Шәкерттәреңдән уны ҡыуып сығарыуҙарын үтенгәйнем, булдыра алманылар. – Эй, иманһыҙ һәм боҙоҡ быуын! Миңә һеҙҙең менән тағы күпме булырға ла күпме түҙергә? Улыңды бында алып кил, – тине Ғайса. Малай килеп етеп килгәндә, ен уны ергә атып бәрҙе лә, баланың тәне ҡороша башланы. Ғайса иһә яуыз рухты тыйҙы һәм, малайҙы һауыҡтырып, атаһына тапшырҙы. Алланың бөйөклөгөн күреп, барыһы ла хайран ҡалды. Халыҡ Ғайса ҡылған эштәргә ғәжәпләнеп торған арала, Ул шәкерттәренә: – Ошо һүҙҙәрҙе хәтерегеҙҙә ҡалдырығыҙ: Әҙәм Улы кешеләр ҡулына тотоп биреләсәк, – тине. Әммә шәкерттәре Уны аңламаны. Был һүҙҙәрҙең мәғәнәһе уларҙан йәшерелгәйне, шуның өсөн дә төшөнмәнеләр. Ә Ғайсанан һорарға ҡурҡтылар. Шәкерттәр үҙҙәренең араһында кем иң бөйөгө тип бәхәсләшә башланы. Ғайса, уларҙың уйын белеп, бер баланы эргәһенә баҫтырҙы ла: – Был баланы кем Минең хаҡыма ҡабул итә, шул Мине лә ҡабул итә, ә Мине ҡабул иткән кеше Мине Ебәргәнде ҡабул итә. Арағыҙҙағы иң кесеһе – иң бөйөгө, – тине. Яхъя: – Остаз, беҙ бер кешенең Һинең исемең менән ендәрҙе ҡыуып сығарғанын күрҙек. Беҙҙең менән бергә йөрөмәгәнгә, беҙ уны тыйҙыҡ, – тип әйтте. – Тыймағыҙ, сөнки кем һеҙгә ҡаршы түгел, шул һеҙҙең яҡлы, – тине Ғайса. Күккә алыныр ваҡыты яҡынайғас, Ғайса Йәрүсәлимгә барырға ниәтләп юлға сыҡты. Ул Үҙенең алдынан хәбәрселәрен ебәрҙе. Улар, Ғайса килеүгә бар нәмәне әҙерләп ҡуйыр өсөн, Самария ерендәге бер ауылға килделәр. Әммә, Йәрүсәлимгә юл тотҡанлыҡтан, бында Ғайсаны ҡабул итмәнеләр. Был хәлде күреп, шәкерттәре Яҡуп менән Яхъя: – Хакимыбыҙ! Күктән ут төшөп, уларҙы юҡҡа сығарһын, тип бойороуыбыҙҙы теләйһеңме? – тинеләр. Ләкин Ғайса әйләнеп ҡараны ла уларҙы тыйҙы. Улар икенсе ауылға юл тотто. Юлда барғанда кемдер берәү Ғайсаға: – Ҡайҙа ғына йөрөһәң дә, мин Һинең артыңдан барырмын, – тип өндәште. – Төлкөләрҙең – өңдәре, ҡоштарҙың оялары бар, ә Әҙәм Улының башын терәр урыны юҡ, – тип яуап бирҙе Ғайса. Ә икенсеһенә: – Миңә эйәр! – тине. Уныһы: – Әфәндем! Өйөмә ҡайтып, тәүҙә атайымды ерләп килергә рөхсәт ит, – тип һораны. Әммә Ғайса уға: – Үлеләр үҙ үлеләрен үҙҙәре ерләһен, ә һин бар, Алла Батшалығы тураһындағы Хәбәрҙе иғлан ит, – тине. Тағы берәүһе: – Мин Һинең менән барам, Әфәндем! Ләкин тәүҙә өйҙәгеләр менән хушлашып килергә рөхсәт ит, – тип үтенде. Ләкин Ғайса уға: – Ер һөрөргә тип һуҡаға тотонғас, артына боролоп ҡараған кеше Алла батшалығы өсөн яраҡлы түгел, – тине. Шунан һуң Раббы Ғайса, тағы етмеш ике шәкертте һайлап алып, барырға ниәтләгән һәр ҡала һәм ауылға уларҙы Үҙенең алдынан икешәрләп сығарып ебәрҙе. Шәкерттәренә Ул былай тине: – Ура торған ашлыҡ күп, ә ураҡсылар аҙ. Шуға күрә ашлыҡтың Хужаһына ялбарығыҙ: Үҙенең уңышын урып алырға эшселәр ебәрһен. Барығыҙ! Мин һеҙҙе бүреләр араһына бәрәстәр кеүек ебәрәм. Үҙегеҙ менән бер нәмә лә: аҡса янсығы ла, артмаҡ та, аяҡ кейеме лә алмағыҙ, юлда туҡтап берәүҙе лә сәләмләмәгеҙ. Ингән һәр өйөгөҙҙә иң тәүҙә: «Был йортҡа именлек булһын», – тип әйтегеҙ. Унда именлеккә лайыҡлы кеше йәшәһә, әйткән теләгегеҙ тормошҡа ашыр, әгәр лайыҡлы булмаһа – тормошҡа ашмаҫ. Үҙегеҙҙе ҡабул иткән өйҙә ҡалығыҙ, ни бирһәләр, шуны ашағыҙ һәм эсегеҙ, сөнки эшсенең үҙенең хеҙмәтенә күрә әжерен алырға хаҡы бар. Ул төбәктә булған саҡта өйҙән-өйгә күсеп йөрөмәгеҙ. Берәй ҡалаға килгәс, унда һеҙҙе ҡабул итһәләр, алдығыҙға нимә ҡуйыла, шуны ашағыҙ. Ундағы ауырыуҙарҙы һауыҡтырығыҙ һәм ҡалала йәшәүселәргә: «Һеҙгә Алла Батшалығы яҡынлаша», – тип әйтегеҙ. Әммә, берәй ҡалаға килеп, унда һеҙҙе ҡабул итмәһәләр, урамға сығып: «Ҡалағыҙҙың аяҡтарыбыҙға ҡунған туҙанын да һеҙгә ҡағып ҡалдырабыҙ. Шулай ҙа белегеҙ, Алла Батшалығы яҡынлаша», – тиерһегеҙ. Һеҙгә әйтәм: ҡиәмәт көнөндә Содомдың хәле ул ҡаланыҡынан еңелерәк булыр. Ҡайғы һиңә, Хоразин! Ҡайғы һиңә, Бейт-Сайда! Әгәр ҙә һеҙҙә ҡылынған мөғжизәләр Тир һәм Сидон ҡалаларында күрһәтелгән булһа, ундағы кешеләр, ҡыл туҡымаға уранып һәм көлгә ултырып, күптән инде тәүбәгә килерҙәр ине. Әммә ҡиәмәт көнөндә Тир менән Сидондың хәле һеҙҙекенән еңелерәк булыр. Эй, Капернаум, әллә һине күккә тиклем күтәрерҙәр тип уйлайһыңмы? Юҡ, үлеләр донъяһына тиклем түбән ырғытылырһың! Һеҙҙе тыңлаған кеше Мине тыңлай, һеҙҙе кире ҡаҡҡан кеше Мине кире ҡаға; Мине кире ҡаҡҡан иһә Мине Ебәргәнде кире ҡаға. Етмеш ике шәкерт ҡыуана-ҡыуана Ғайса янына ҡайтты: – Хакимыбыҙ! Һинең исемең менән эш иткәндә, беҙгә хатта ендәр ҙә буйһона! – Мин Иблистең күктән йәшендәй йығылып төшкәнен күрҙем, – тип яуап бирҙе уларға Ғайса. – Эйе, Мин һеҙгә йыландарҙың, саяндарҙың өҫтөнә баҫыу һәм дошмандарҙың көсөн еңеп сығыу өсөн хакимлыҡ бирҙем. Һеҙгә бер нәмә лә зыян килтерә алмаҫ. Әммә яуыз рухтарҙың һеҙгә буйһоноуына түгел, ә исемдәрегеҙҙең күктә яҙылыуына шатланығыҙ. Ошо ваҡыт Ғайса, Изге Рух тарафынан шатлыҡ менән һуғарылып, былай тине: – Эй Атам, күк менән ерҙең Хужаһы! Быларҙы зирәктәрҙән һәм аҡыл эйәләренән йәшереп, сабыйҙарға асып биргәнең өсөн Һиңә шөкөрана ҡылам! Эйе, Атам, был Һинең игелекле ихтыярың ине! Атам барыһын да Миңә тапшырҙы. Улының кем икәнен Атанан башҡа һис кем белмәй, Атаның кем икәнлеген дә Улынан һәм Улы Уның тураһында белдерергә теләгән кешенән башҡа һис кем белмәй. Шунан Ғайса, шәкерттәренә боролоп, былай тине: – Һеҙ күргәндәрҙе күргәндәр бәхетле! Һеҙгә әйтәм: күп пәйғәмбәрҙәр һәм батшалар һеҙ күргәндәрҙе күрергә теләне, ләкин күрмәне; һеҙ ишеткәндәрҙе ишетергә теләне, ләкин ишетмәне. Бына бер ҡанун белгесе урынынан торҙо ла, Ғайсаны һынарға теләп: – Остаз, мәңгелек тормошто мираҫ итеп алыр өсөн миңә нимә эшләргә? – тине. – Ҡанунда нимә тип яҙылған? Һин унан нимә уҡыйһың? – тип һораны Ғайса. – «Аллаң Раббыны бөтә йөрәгең, бөтә йәнең, бөтә көсөң һәм бөтә аҡылың менән ярат» һәм «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат», – тип яуапланы ҡанун белгесе. – Дөрөҫ яуап бирҙең, шулай эшлә һәм йәшәрһең, – тине Ғайса. Ҡанун белгесе, үҙен аҡларға теләп, артабан: – Ә минең яҡыным кем? – тип һораны. Ғайса уға былай тип яуап бирҙе: – Берәү Йәрүсәлимдән Йерихоға китеп барғанда юлбаҫарҙар ҡулына эләккән. Юлбаҫарҙар уның кейемен систереп алған һәм, туҡмап, үлем хәлендә ҡалдырып киткән. Шулай тура килгән: шул уҡ юлдан бер ҡаһин китеп барған, тик, әлеге кешене күргәс, уны урап үткән. Шулай уҡ бер леви ошо ерҙән үтеп барышлай был кешене күргән, әммә ул да урап үткән. Бер Самария кешеһе лә уҙып барышлай был әҙәмгә тап булған; уны күреп, йәлләгән. Эргәһенә килеп, яраһын шарап менән йыуған, май һөртөп бәйләгән. Шунан һуң ишәгенә ултыртып, ҡунаҡханаға алып килгән, тәрбиәләгән. Ә икенсе көнөнә, юлға сығырға йыйынғанда, ҡунаҡхана хужаһына ике динар аҡса сығарып биргән дә: «Был кеше тураһында хәстәрлек күр, аҡсаны күберәк тотонорға тура килһә, ҡайтышлай түләрмен», – тигән. Был өсәүҙең ҡайһыныһы юлбаҫарҙар ҡулына эләккән әҙәмдең яҡыны була тип уйлайһың? – тип һораны Ғайса. – Уға шәфҡәт күрһәткәне, – тип яуапланы ҡанун белгесе. – Бар, һин дә шулай эшлә, – тине уға Ғайса. Ғайса, юлын дауам итеп, шәкерттәре менән бер ауылға килде. Марта исемле бер ҡатын Уны үҙ өйөндә ҡабул итте. Уның Мәрйәм исемле һеңлеһе бар ине. Ул Раббы Ғайсаның аяҡ осона ултырып, Уның һүҙҙәрен тыңланы. Марта иһә ашарға бешереүҙе хәстәрләне һәм Ғайса янына килеп: – Хакимым! Һеңлемдең бөтөн эште миңә генә ҡалдырып ҡуйыуына бошонмайһыңмы? Уға әйт әле, миңә ярҙам итһен, – тип үтенде. – Эй Марта, Марта! Һин күп нәмә тураһында хәстәрләп, ығы-зығы килеп йөрөйһөң, – тине уға Ғайса Раббы, – ә бит бары бер генә нәмә кәрәк. Мәрйәм һәйбәт өлөштө һайлаған һәм ул унан тартып алынмаҫ. Ғайса бер урында доға ҡылып тора ине. Ул доға ҡылып бөткәндән һуң, шәкерттәренең береһе: – Хакимым, Яхъя үҙенең шәкерттәрен өйрәткән кеүек, беҙҙе лә доға ҡылырға өйрәт әле, – тип һораны. Ғайса уларға: – Доға ҡылғанда былай тип әйтегеҙ: Атабыҙ! Исемең мөҡәддәс булып танылһын, Һинең Батшалығың килһен. Көндәлек икмәгебеҙҙе беҙгә һәр көн бир. Гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡа, беҙ ҙә бит үҙебеҙгә яуызлыҡ ҡылған һәр кемде ғәфү итәбеҙ. Беҙҙе һынауға дусар итмә, – тине. Ғайса һүҙен дауам итте: – Әйтәйек, һеҙҙең берегеҙ төн уртаһында дуҫына барып, унан: «Дуҫ! Миңә бурысҡа өс икмәк биреп тор әле, үтеп барышлай бер дуҫым ингәйне, табынға ҡуйырға бер нәмәм дә юҡ», – тип һорай. Ә өй эсенән былай тип яуаплайҙар: «Мине борсоп йөрөмә, ишегем бикле, янымда балаларым йоҡлап ята, тороп, һин һорағанды бирә алмайым». Мин һеҙгә шуны әйтәм: ул кеше тороп икмәкте дуҫлыҡ хаҡына бирмәһә лә, тегеһе өҙмәй ҙә ҡуймай ныҡышҡас, күпме кәрәк, шулай барыбер биреп ебәрер. Шулай булғас, һеҙгә әйтәм: һорағыҙ – һеҙгә бирелер; эҙләгеҙ – табырһығыҙ; шаҡығыҙ – һеҙгә асырҙар. Сөнки һәр һораған кеше ала, эҙләгән таба һәм шаҡығанға асалар. Арағыҙҙан ҡайһы атай балыҡ һораған улына йылан тотторор? Йәки йомортҡа һораһа, саян бирер? Шулай булғас, һеҙ үҙегеҙ яман була тороп та, балаларығыҙға яҡшылыҡ өләшә беләһегеҙ икән, күктәге Атағыҙ Үҙенән һорағандарға Изге Рухты һис шикһеҙ бирәсәк. Ғайса телһеҙ берәүҙең эсенән енде ҡыуып сығарҙы. Ен сыҡҡандан һуң, был кешенең теле асылды. Халыҡ быға хайран ҡалды. Уларҙың ҡайһы берҙәре: – Ул ендәрҙе ендәр башлығы Бәғел-Зевулдың көсө менән ҡыуып сығара, – тине. Ә бәғзеләре, Ғайсаны һынап ҡарарға теләп, Уның күктән илаһи билдә күрһәтеүен талап итте. Әммә Ғайса, уларҙың уйҙарын белеп, халыҡҡа былай тине: – Халҡы үҙ-үҙенә ҡаршы һуғышҡан батшалыҡ емерелер, эсендә дошманлыҡ булған һәр ғаилә тарҡалыр. Иблис Иблисте ҡыуып сығарып, үҙ-үҙенә ҡаршы һөжүмгә барһа, уның батшалығы нисек имен тороп ҡала алыр? Ә һеҙ миңә: «Ендәрҙе Бәғел-Зевул көсө менән ҡыуып сығараһың», – тиһегеҙ! Әгәр Мин ендәрҙе Бәғел-Зевул көсө менән ҡыуып сығарам икән, һеҙҙең кешеләрегеҙ кемдең көсө менән ҡыуып сығара һуң? Шуға күрә, әйҙә, улар һеҙҙе хөкөм итһен. Ә инде Мин ендәрҙе Алла көсө менән ҡыуып сығарам икән, тимәк, һеҙгә Алла Батшалығы килеп етте. Көслө кеше үҙ өйөн ҡорал менән һаҡлаған саҡта, уның милке хәүефһеҙлектә булыр. Ә инде көслөрәк берәү, һөжүм итеп, был кешене еңә ҡалһа, уның таянысы булған бөтә ҡоралын тартып алыр, табышын бүлгеләр. Кем Минең менән түгел, шул Миңә ҡаршы. Кем Минең менән бергә йыймай, шул тарҡата. – Яуыз рух, кешенең эсенән сыҡҡандан һуң, һыуһыҙ ерҙәрҙә үҙенә һыйыныр урын эҙләп йөрөй, ләкин таба алмай. Шунан: «Элекке өйөмә әйләнеп ҡайтайым әле», – тип уйлай. Кире ҡайтҡас, ул уны һеперелгән һәм йыйыштырылған хәлдә таба. Бынан һуң ул үҙенән дә яуызыраҡ ете рухты эйәртеп ҡайтып, шунда йәшәй башлайҙар. Ахырҙа, был кешенең хәле баштағыға ҡарағанда ла нығыраҡ насарая. Ғайса быны һөйләгән саҡта халыҡ араһынан бер ҡатын: – Һине ҡарынында йөрөткән, Һине имеҙгән әсәйең бәхетле! – тип ҡысҡырҙы. Ә Ғайса уға: – Дөрөҫ, ләкин Алла һүҙен тыңлап, уны үтәгән кешеләр бәхетлерәк, – тип яуапланы. Эргә-тирәһенә кешеләр тағы күберәк йыйылғас, Ғайса һөйләй башланы: – Был замандың кешеләре яуыз, илаһи билдә талап итәләр, әммә уларға Юныс пәйғәмбәрҙең билдәһенән башҡа билдә бирелмәйәсәк. Юныс Ниневе кешеләренә илаһи билдә булған кеүек, Әҙәм Улы ла был заман кешеләре өсөн билдә булыр. Көньяҡ батшабикәһе, ҡиәмәт көнөндә тороп, был заман кешеләрен хөкөм итер. Сөнки ул Сөләймән батшаның аҡыллы һүҙҙәрен тыңлау өсөн ер сигенән килгән булған. Ә Бындағы – Сөләймәндән дә бөйөгөрәк. Ниневе кешеләре, ҡиәмәт көнөндә тороп, был заман кешеләрен хөкөм итер. Сөнки ниневеләр Юныс пәйғәмбәрҙең вәғәзен тыңлағандан һуң тәүбәгә килгән. Ә Бындағы – Юныстан да бөйөгөрәк. Шәмде тоҡандырып, бер кем дә уны аҫҡа тығып ҡуймай, киреһенсә, өйгә килеп ингәндәр яҡтыны күрһен өсөн, уны шәмдәлгә ултырталар. Тәндең яҡтыртҡысы – күҙ. Күҙең һау булғанда, бөтә тәнең нурлы була, ә инде күҙең насар булғанда, тәнең дә ҡараңғы була. Шуға күрә һаҡ бул: үҙеңдәге яҡтылыҡ ҡараңғылыҡ булмаһын. Ә инде бөтә тәнең нурлы һәм унда бер генә ҡараңғы урын да юҡ икән, шәм нуры һине яҡтыртҡан кеүек, тәнең дә яҡты булыр. Ғайса һүҙен тамамлағас, фарисейҙарҙың берәүһе Уны ашҡа саҡырҙы. Ғайса, өйгә инеп, табын артына ултырҙы. Фарисей, Уның ашар алдынан йола буйынса ҡулын йыумауын күреп, ғәжәпкә ҡалды. Әммә Раббы Ғайса уға былай тине: – Бына һеҙ, фарисейҙар, һауыт-һабаның тышын таҙартаһығыҙ, ә эсегеҙ ҡомһоҙлоҡ һәм яуызлыҡ менән тулы. Аңһыҙҙар! Тышҡы яҡты бар иткән Алла эске яҡты ла бар итмәгәнме ни? Һауыт-һабағыҙҙың эсендәген фәҡирҙәргә өләшегеҙ, шул саҡта һеҙҙең өсөн бөтә нәмә пак булыр. Ҡайғы һеҙгә, фарисейҙар! Һеҙ бөтнөктөң, рутаның һәм бөтөн баҡса йәшелсәһенең ундан бер өлөшөн ғөшөр саҙаҡаһы итеп бирәһегеҙ, ә ғәҙеллеккә, Алланы яратыуға иғтибар итмәйһегеҙ. Бына шуныһын эшләргә, шунан башҡаһын да онотмаҫҡа кәрәк ине. Ҡайғы һеҙгә, фарисейҙар! Һеҙ ғибәҙәтханаларҙың түрендә ултырырға, баҙар майҙандарында кешеләрҙең башлап сәләм биргәндәрен яратаһығыҙ. Ҡайғы һеҙгә! Һеҙ билдә ҡуйылмаған ҡәбер һымаҡһығыҙ. Кешеләр белмәйенсә ошо ҡәберҙәрҙе тапап йөрөй. Ғайсаның был һүҙҙәренә ҡарата ҡанун белгестәренең берәүһе: – Остаз! Был һүҙҙәрең менән Һин беҙҙе лә рәнйетәһең, – тине. Ғайса былай тип яуапланы: – Һеҙгә лә, ҡанун белгестәре, ҡайғы! Һеҙ кеше елкәһенә күтәргеһеҙ ауыр йөктәр һалаһығыҙ, ә үҙегеҙ ул йөктәргә бармаҡ менән дә теймәйһегеҙ. Ҡайғы һеҙгә! Һеҙ пәйғәмбәрҙәр ҡәберенә һәйкәлдәр ҡуяһығыҙ, ә уларҙы ата-бабаларығыҙ үлтергән бит! Бының менән һеҙ ата-бабаларығыҙ ҡылған эштәр менән риза булыуығыҙҙы күрһәтәһегеҙ, сөнки улар пәйғәмбәрҙәрҙе үлтергән, ә һеҙ уларға ҡәбер һәйкәлдәре төҙөйһөгөҙ. Шуның өсөн Алла аҡылы былай тигән: «Мин уларға пәйғәмбәрҙәр һәм илселәр ебәрәм, уларҙың ҡайһы берҙәрен үлтерерҙәр, ә ҡайһыларын эҙәрлекләрҙәр». Шуға күрә, донъя яратылғандан алып, бөтә пәйғәмбәрҙәрҙең түгелгән ҡаны өсөн ошо быуын яуап тотасаҡ, – Һабил ҡанынан алып, ҡорбан усағы менән Изге йорт араһында үлтерелгән Зәкәрьяһ ҡанына тиклем. Эйе, һеҙгә әйтәм: ошо быуын быларҙың барыһы өсөн дә яуап тотасаҡ. Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре! Һеҙ белем асҡысын үҙ ҡулығыҙға алдығыҙ: үҙегеҙ ҙә инмәнегеҙ, инергә теләгәндәргә лә юл бирмәнегеҙ. Ғайса фарисейҙың өйөнән сыҡҡас, ҡанун белгестәре менән фарисейҙар, Уны тәнҡитләп, күп һорауҙарға яуап бирергә мәжбүр итә башланы. Улар, Ғайсаға тоҙаҡ ҡороп, Уның һүҙҙәренән ғәйеп табырға тырышты. Шул арала меңәрләгән кеше йыйылды, улар бер-береһен ҡыҫырыҡланы. Ғайса иң тәүҙә Үҙенең шәкерттәренә ҡарап һүҙ башланы: – Фарисейҙар әсеткеһенән, йәғни ике йөҙлөлөктән һаҡ булығыҙ. Асылмайса ҡалыр йәшерен бер нәмә лә һәм беленмәйсә ҡалыр бер сер ҙә юҡ. Шуға күрә ҡараңғыла һөйләгәнегеҙ көн яҡтыһында ишетелер, өй эсендә ҡолаҡҡа шыбырлап әйткәнегеҙ ҡыйыҡтарҙан хәбәр ителер. Һеҙгә иһә, дуҫтарыма, шуны әйтәм: тәнде үлтереүҙән башҡа бер нәмә лә ҡыла алмаған әҙәмдәрҙән ҡурҡмағыҙ. Һеҙгә кемдән ҡурҡырға кәрәклеген әйтәм. Йәнегеҙҙе алғандан һуң йәһәннәмгә ташларға хакимлығы булған Алланан ҡурҡығыҙ: эйе, һеҙгә әйтәм, Унан ҡурҡығыҙ. Биш турғай ике баҡыр тәңкәгә һатыла түгелме ни? Ләкин уларҙың береһе лә Алланың иғтибарынан ситтә ҡалмаған. Һеҙҙең иһә башығыҙҙағы һәр бер сәс бөртөгө лә һанаулы. Ҡурҡмағыҙ, һеҙ бик күп турғайҙарға ҡарағанда ҡәҙерлерәкһегеҙ. Һеҙгә әйтәм: Мине кешеләр алдында ҡабул иткән һәр кемде Әҙәм Улы ла Алла фәрештәләре алдында ҡабул итер. Ә кем кешеләр алдында Минән ваз кисә, унан Алла фәрештәләре алдында ваз кисерҙәр. Әҙәм Улына ҡаршы һүҙ әйткән һәр кем ғәфү ителер, әммә Изге Рухҡа ҡаршы көфөр һүҙ һөйләүсе ғәфү ителмәҫ. Ғибәҙәтханаларға, башлыҡтар йәки хакимиәт кешеләре алдына килтерелгән ваҡытта, үҙебеҙҙе нисек яҡларға, нимә тип яуап бирергә, тип борсолмағыҙ. Нимә һөйләргә икәнен һеҙгә шул сәғәттә Изге Рух өйрәтер. Халыҡ араһынан берәү Ғайсаға: – Остаз, ағайыма әйт әле, атайҙан ҡалған мираҫты минең менән бүлешһен, – тине. Ғайса теге кешенән: – Һеҙҙең бәхәстәрегеҙҙе хәл итеүсе йәки мөлкәтегеҙҙе бүлеүсе итеп Мине кем билдәләне? – тип һораны. Шунан барыһына ла былай тине: – Ҡомһоҙлоҡтан һаҡланығыҙ, кеше нисек кенә бай булмаһын, ғүмере байлыҡҡа бәйле түгел. Бынан һуң Ғайса ҡисса һөйләне: – Бер байҙың баҫыуҙа игене бик уңған. Бай эстән генә: «Нимә эшләйем икән? Ашлығымды ҡайҙа һаҡларға?» – тип уйлаған. Ул шундай ҡарарға килгән: «Келәттәрҙе һүтеп, ҙурырағын һалайым да бөтә ашлығымды, бөтә байлығымды шунда йыяйым. Шунан инде үҙемә: „Минең күп йылдарға етерлек байлығым бар, йәнем ял итһен, ашаһын, эсһен, күңел асһын“, – тип әйтермен». Әммә Алла уға: «Аҡылһыҙ! Ошо төндә йәнеңде кире аласаҡтар, йыйған байлығың кемгә ҡалыр һуң?» – тигән. Үҙе өсөн байлыҡ йыйған, әммә Алла алдында бай булмаған һәр кем менән шулай булыр. Ғайса шәкерттәренә былай тине: – Шуға күрә, Мин һеҙгә әйтәм: нимә ашарбыҙ, нимә эсербеҙ, тип – йәнегеҙ; нимә кейербеҙ, тип тәнегеҙ өсөн борсолмағыҙ. Йән – ризыҡтан, тән кейемдән мөһимерәк бит. Ҡарғаларға ҡарағыҙ: улар сәсмәй ҙә, урмай ҙа; уларҙың келәттәре лә, буралары ла юҡ. Шулай ҙа Алла уларҙы туйындыра. Ә һеҙ ҡоштарға ҡарағанда әллә күпмегә ҡәҙерлерәк бит. Арағыҙҙан кем, борсолоп, үҙ ғүмерен бер сәғәткә булһа ла оҙонайта ала? Шулай булғас, хатта бәләкәй генә нәмәне лә эшләй алмайһығыҙ икән, ни эшләп башҡа нәмә тураһында ҡайғырырға? Ләләләрҙең нисек үҫкәнен ҡарағыҙ: улар эшләмәй ҙә, еп тә иләмәй. Әммә һеҙгә шуны әйтәм: хатта ни тиклем данлы Сөләймән батша ла ул дәрәжәлә затлы кейенмәгән. Әгәр Алла бөгөн яланда үҫеп ултырған, ә иртәгә мейескә ташланасаҡ үләнде шулай кейендерә икән, һеҙҙе бигерәк тә кейендерер, эй иманы аҙҙар. Шулай булғас, нимә ашарбыҙ, нимә эсербеҙ, тип ҡайғырмағыҙ. Бының өсөн хафаланмағыҙ. Ул турала был донъя кешеләре баш ҡатыра. Ә Атағыҙ һеҙҙең был нәмәләргә мохтаж икәнегеҙҙе белә. Һеҙ, киреһенсә, Алла Батшалығын эҙләгеҙ, шунда ҡалғаны ла бирелер. Эй бәләкәй көтөү, ҡурҡма! Батшалыҡты һеҙгә биреүҙе Атағыҙ яҡшы тип тапты. Мөлкәтегеҙҙе һатығыҙ ҙа ярлыларға өләшегеҙ. Үҙегеҙгә мәңге туҙмай торған янсыҡтар әҙерләгеҙ, күктәрҙә һис кәмемәҫ хазина туплағыҙ: унда ҡараҡ та теймәҫ, көйә лә төшмәҫ. Хазинағыҙ ҡайҙа була, күңелегеҙ ҙә шунда була бит. Билдәрегеҙ быуылған, яҡтыртҡыстарығыҙ тоҡандырылған булһын. Хужаһының туй мәжлесенән ҡайтҡанын көткән хеҙмәтсе кеүек булығыҙ. Хужа килеп шаҡыу менән ишекте асырға әҙер тороғоҙ. Хужа ҡайтҡанда уяу торған хеҙмәтселәр бәхетле! Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: хужа, билен быуып, хеҙмәтселәрен өҫтәл янына ултыртыр һәм уларға үҙе хеҙмәт итер. Ихтимал, хужа төн уртаһында йәки таң атҡас ҡайтып инер. Әгәр ул хеҙмәтселәрен уяу хәлдә күрһә, шул хеҙмәтселәр бәхетле! Әммә шуны белегеҙ: әгәр ҙә өй хужаһына ҡараҡтың ҡайһы ваҡытта килере мәғлүм булһа, уғрыға өйөнә инергә юл ҡуймаҫ ине. Шуның һымаҡ, һеҙ ҙә әҙер булығыҙ: Әҙәм Улы һеҙ көтмәгән сәғәттә килер. Шул саҡ Петрус: – Хакимым, был ҡиссаны һин беҙҙең өсөн генә һөйләнеңме, әллә башҡалар өсөн дәме? – тип һораны. Раббы Ғайса иһә былай тине: – Ә өйҙөң ышаныслы һәм аҡыллы идарасыһы ниндәй була? Әйтәйек, ризыҡты ваҡытында өләшер өсөн, хужа бер хеҙмәтсеһен башҡалары өҫтөнән ҡуя. Хужаһы ҡайтып, эштең үҙе әйткәнсә үтәлгәнен күрһә, ул хеҙмәтсе ниндәй бәхетле! Һеҙгә ысынын әйтәм: хужаһы уны бөтә мөлкәте өҫтөнән идара итергә ҡуясаҡ. Ләкин ул хеҙмәтсе: «Хужам тиҙ генә ҡайтмаҫ әле», – тип уйлап, ир һәм ҡатын-ҡыҙ хеҙмәтселәрҙе туҡмарға тотонһа һәм ашап-эсеп, иҫереп йөрөһә, хужаһы ул көтмәгән көндә һәм уйламаған сәғәттә ҡайтып төшөр ҙә уны ҡаты язаға тарттырыр, иманһыҙҙар көнөнә төшөрөр. Хужаһының ихтыярын белеп тә, әҙер тормаған һәм ул ҡушҡанса эшләмәгән хеҙмәтсе ҡаты туҡмалыр. Ә инде хужаһының ихтыярын белмәйенсә язаға лайыҡ эш ҡылған хеҙмәтсе аҙыраҡ туҡмалыр. Кемгә күп бирелә, унан күп талап ителер. Кемгә күберәк ышанып тапшырыла, унан күберәк һоралыр. Мин ергә ут алып килдем һәм ул уттың тиҙерәк янып китеүен теләйем! Мин ғазап күленә сумдырылырға тейешмен. Шул һынауҙарҙың үткәнен ни тиклем интегеп көтәм! Мине ергә тыныслыҡ килтерергә килде тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, һеҙгә әйтәм, Мин бүлергә килдем. Ошо мәлдән башлап, бер өйҙә биш кеше йәшәһә, өсөһө – икәүһенә һәм икәүһе өсөһөнә ҡаршы булыр. Атаһы – улына, улы – атаһына; әсәһе – ҡыҙына, ҡыҙы – әсәһенә; ҡәйнәһе – килененә, килене ҡәйнәһенә ҡаршы булыр. Ғайса йәнә халыҡҡа өндәште: – Һеҙ көнбайышта болот күтәрелгәнен күргәс тә: «Ямғыр яуыр», – тиһегеҙ, һәм шулай була. Көньяҡтан ел иҫһә: «Эҫе булыр», – тиһегеҙ, һәм шулай була. Ике йөҙлөләр! Ерҙе һәм күк йөҙөн күҙәтеп, һауа торошон билдәләйһегеҙ, ә ни өсөн был заманды төшөндөрөп бирә алмайһығыҙ? Ни эшләп һеҙ нимәнең дөрөҫ икәнен үҙегеҙ билдәләй алмайһығыҙ? Дәғүәсең менән хөкөм юлында уҡ килешергә тырыш. Юғиһә ул һине хөкөмдарға алып барыр, ә хөкөмдар һаҡсыға тапшырыр. Һаҡсы иһә төрмәгә ябыр. Һиңә шуны әйтәм: бурысыңды аҙаҡҡы тәңкәһенә тиклем түләп бөтөрмәйенсә, унан сыҡмаясаҡһың. Шул саҡ ҡайһы берәүҙәр, Ғайса янына килеп, Пилатос үлтерткән Галилея кешеләре тураһында һөйләне. Ҡорбан килтергән ваҡытта үлтерелгән ул кешеләрҙең ҡаны ҡорбан малының ҡаны менән буталған. Ғайса ул хәлгә ҡарата былай тине: – Был хәлгә тарыған галилеялылар башҡа галилеялыларға ҡарағанда гонаһлыраҡ тип уйлайһығыҙмы? Һеҙгә әйтәм: юҡ! Әммә, тәүбәгә килмәһәгеҙ, бөтәгеҙ ҙә улар кеүек һәләк булырһығыҙ. Йәки Шилоах манараһы ауғанда уның аҫтында ҡалып һәләк булған ун һигеҙ кеше Йәрүсәлимдә йәшәгән бөтәһенән дә ғәйеплерәк ине тип уйлайһығыҙмы? Һеҙгә әйтәм: юҡ! Әммә, тәүбәгә килмәһәгеҙ, бөтәгеҙ ҙә улар кеүек һәләк булырһығыҙ. Ғайса ошондай ҡисса һөйләне: – Берәүҙең йөҙөм баҡсаһында инжир ағасы үҫкән. Бер ваҡыт был кеше баҡсаға килгән дә ағастан емеш эҙләй башлаған, ләкин таба алмаған. Шунан һуң баҡсасыға: «Бына мин өс йыл инде ошо инжир ағасының емешен йыйырға тип киләм, тик таба алмайым. Һин уны ҡырҡып ташла. Ни эшләп ул урын биләп тора?» – тигән. Баҡсасы былай тип яуаплаған: «Хужам, һин уны тағы бер йылға ҡалдырып тор. Мин уның тирә-яғын ҡаҙып йомшартайым, тиреҫ һалайым. Алдағы йылда емеш бирмәҫме икән? Бирмәһә, ул саҡта ҡырҡып ташларһың». Ғайса шәмбе көндө бер ғибәҙәтханала өйрәтте. Унда ун һигеҙ йыл буйы яуыз рухтан интеккән, бөкрәйеп бөткән, бөтөнләй турая алмаған бер ҡатын бар ине. Ғайса, уны күреп, Үҙенең янына саҡырып алды ла: – Апай! Һин сиреңдән ҡотолдоң! – тине. Ғайса был ҡатынға ҡулдарын ҡуйҙы, ҡатын шунда уҡ турайып баҫты һәм Алланы данлай башланы. Ғибәҙәтхана башлығы, Ғайсаның шәмбе көндө һауыҡтырыуына асыуланып, халыҡҡа: – Эшләү өсөн аҙнаның алты көнө бар, сирҙәрегеҙҙән һауығырға шәмбе түгел, ә шул ҡалған көндәрҙең береһендә килегеҙ, – тине. Раббы Ғайса: – Ике йөҙлөләр! Һеҙҙең ҡайһығыҙ шәмбе көнө үгеҙен йәки ишәген утлыҡсанан айырып, һыу эсерергә алып бармай? Ибраһим нәҫеленән булған был ҡатынды Иблис ун һигеҙ йыл буйына бәйҙә тотҡан. Уны шәмбе көндә тышауҙан азат итергә ярамаймы ни? – тип яуапланы. Ғайса был һүҙҙәрҙе әйткәс, Уға ҡаршы төшөүселәрҙең барыһы ла оялды, ә халыҡ иһә Ул ҡылған бөтә данлы эштәргә шатланды. Шунан һуң Ғайса былай тине: – Алла Батшалығы нимәгә оҡшаған һәм Уны нимә менән сағыштырайым? Ул кешенең баҡсаһына ултыртҡан гәрсис орлоғона оҡшаған. Орлоҡ үҫеп еткәс, ағасҡа әүерелә һәм уның ботаҡтарында ҡоштар оя ҡора. Ғайса һүҙен дауам итте: – Алла Батшалығын йәнә нимә менән сағыштырайым? Ул ҡатын кеше бөтә ҡамырҙы ҡабартырға тип бер ҡапсыҡ онға болғаған әсеткегә оҡшаған. Ғайса, ҡалалар һәм ауылдар буйлап вәғәзләп, Йәрүсәлимгә юл тотто. Кемдер Унан: – Әфәндем, аҙҙар ғына ҡотолоп ҡалырмы икән ни? – тип һораны. Ғайса иһә ундағы кешеләргә былай тине: – Бөтә көсөгөҙҙө һалып, тар ишектән инергә тырышығыҙ, сөнки, һеҙгә әйтәм: күптәр тырышыр, тик үтә алмаҫ. Өй хужаһы тороп ишекте бикләгәндән һуң, һеҙ, тышҡы яҡта ҡалып, ишек ҡаға башларһығыҙ һәм: «Әфәндем, беҙгә ас әле!» – тип үтенерһегеҙ. Ә Ул һеҙгә: «Мин һеҙҙең кем икәнегеҙҙе лә, ҡайҙан икәнегеҙҙе лә белмәйем», – тип яуаплар. Шул саҡ һеҙ: «Беҙ Һинең менән бергә ашаныҡ, эстек, Һин урамдарыбыҙҙа беҙҙе өйрәттең», – тип әйтерһегеҙ. Әммә Ул: «Һеҙҙең ҡайҙан икәнегеҙҙе белмәйем, яуызлыҡ ҡылыусылар, бөтәгеҙ ҙә Минең янымдан китегеҙ», – тиер. Һеҙ Алла Батшалығында Ибраһимды, Исхаҡты, Яҡупты һәм бөтә пәйғәмбәрҙәрҙе күрерһегеҙ, ә үҙегеҙ унан ҡыуылып сығып, иларһығыҙ һәм тештәрегеҙҙе шығырҙатырһығыҙ. Көнсығыштан һәм көнбайыштан, төньяҡтан һәм көньяҡтан килерҙәр һәм Алла Батшалығында табын артында ултырырҙар. Әлеге ваҡытта һуңғы булғандарҙың ҡайһы берҙәре – беренсе, беренселәрҙең ҡайһы берҙәре һуңғы булыр. Шул ваҡыт ҡайһы бер фарисейҙар килеп Ғайсаға: – Бынан кит, Һируд Һине үлтерергә теләй, – тине. Ғайса уларға былай тип яуапланы: – Барығыҙ, ул төлкөгә: «Бөгөн һәм иртәгә ендәрҙе ҡыуырмын, ауырыуҙарҙы һауыҡтырырмын, өсөнсө көнгә эшемде тамамлармын», – тип әйткәнемде еткерегеҙ. Хәйер, Мин бөгөн дә, иртәгә лә, өсөнсө көндә лә Үҙ юлымды дауам итергә тейешмен, сөнки пәйғәмбәрҙең Йәрүсәлимдән ситтә үлтерелеүе мөмкин түгел. Эй Йәрүсәлим! Пәйғәмбәрҙәрҙе үлтереүсе, Алла тарафынан үҙенә ебәрелгәндәрҙе таш бәреп һәләк итеүсе Йәрүсәлим! Ҡош үҙенең ҡошсоҡтарын ҡанат аҫтына йыйған кеүек, Мин дә һинең балаларыңды нисәмә тапҡыр бергә йыйырға теләнем, ләкин һеҙ килергә теләмәнегеҙ! Хәҙер һеҙҙең Изге йортоғоҙ буш ҡаласаҡ. Һеҙгә әйтәм: «Раббы исеме менән Килеүсе мөбәрәк!» – тип әйтер ваҡытығыҙ етмәй тороп, Мине күрмәйәсәкһегеҙ! Шәмбе көнө Ғайса фарисей башлыҡтарының береһенең өйөнә ашҡа барҙы. Ундағыларҙың барыһы ла Ғайсаны диҡҡәт менән күҙәтте. Уның алдына һары һыу ауырыуынан яфа сиккән бер кеше килеп баҫты. – Ҡанун буйынса, шәмбе көндө дауаларға яраймы? – тип һораны Ғайса ҡанун белгестәре менән фарисейҙарҙан. Тегеләре өндәшмәне. Ә Ғайса ауырыу кешене ҡосаҡлап алып һауыҡтырҙы ла өйөнә ҡайтарып ебәрҙе. Шунан тегеләрҙән: – Берегеҙҙең улы йәки үгеҙе ҡоҙоҡҡа ҡолап төшһә, шәмбе көн булһа ла, шунда уҡ тартып сығармаҫ инегеҙме ни? – тип һораны. Тегеләр Ғайсаның был һорауына яуап бирә алманы. Саҡырылған ҡунаҡтарҙың түрҙән урын һайлағанын күреп, Ғайса уларға бер ҡисса һөйләне: – Берәү һине мәжлескә саҡырһа, иң түрҙәге урынға ултырма, һиңә ҡарағанда хөрмәтлерәк кешенең саҡырылған булыуы ихтимал бит. Һине лә, уны ла саҡырған хужа, эргәңә килеп: «Урыныңды был кешегә бир», – тип әйтер. Шул саҡта һин, оятҡа ҡалып, ишек төбөндәге урынға барып ултырырға мәжбүр булырһың. Киреһенсә, мәжлескә саҡырылһаң, килгәс, ишек янынан урын ал, шунда хужа, эргәңә килеп: «Дуҫ, түргәрәк күсеп ултыр», – тип әйтер. Шунда башҡа ҡунаҡтар алдында баһаң артыр. Үҙен-үҙе күтәргән әҙәм түбәнһетелер, үҙен түбәнһеткән – күтәрелер. Ғайса Үҙен ашҡа саҡырған кешегә лә өндәште: – Төшкө йәки киске ашҡа дуҫтарыңды ла, ағай-энеңде лә, туғандарыңды ла, бай күршеләреңде лә саҡырма. Юҡһа улар ҙа һине үҙҙәренә ашҡа саҡырыр һәм шуның менән яҡшылығың кире ҡайтарылыр. Табын йыяһың икән, фәҡирҙәрҙе, ғәриптәрҙе, аҡһаҡтарҙы, һуҡырҙарҙы саҡыр, ул саҡта инде һин бәхетле булырһың, сөнки улар һиңә ҡайтарып түләй алмай, ә тәҡүә кешеләр үленән тереләсәк көндө һиңә әжере ҡайтарылыр. Ғайсаның был һүҙҙәрен ишеткәс, Уның менән ултырғандарҙың береһе: – Алла Батшалығындағы табындан ашаясаҡ кеше бәхетле! – тине. Ғайса иһә уға былай тине: – Бер кеше, мул табын әҙерләп, күп ҡунаҡ саҡырған. Ашар мәл еткәс, ҡунаҡтарға: «Килегеҙ, табын әҙер инде», – тип әйтергә үҙенең хеҙмәтсеһен ебәргән. Бөтәһе лә, һүҙ ҡуйышҡан кеүек, ғәфү үтенә башлаған. Беренсеһе: «Ер һатып алғайным, шуны барып ҡарарға кәрәк, зинһар, мине ғәфү ит», – тигән. Икенсеһе: «Биш пар эш үгеҙе һатып алғайным, уларҙы һынап ҡарарға кәрәк, зинһар, мине ғәфү ит», – тигән. Өсөнсөһө: «Мин өйләндем, шуның өсөн бара алмайым», – тигән. Хеҙмәтсе, ҡайтҡас, был хаҡта хужаһына һөйләп биргән. Хужа асыуланған да: «Бар, йәһәт кенә ҡала майҙандарынан һәм тыҡрыҡтарҙан фәҡирҙәрҙе, ғәриптәрҙе, һуҡырҙарҙы һәм аҡһаҡтарҙы йыйып алып ҡайт», – тип хеҙмәтсеһен сығарып ебәргән. Хеҙмәтсе әйләнеп ҡайтҡас: «Хужам, һинең әмерең үтәлде, әммә буш урындар ҡалды әле», – тигән. Хужа хеҙмәтсеһенә: «Бар, ҡала ситендәге юлдарға, һуҡмаҡтарға сыҡ, кешеләрҙе бында килергә күндер, өйөм тулы булһын, – тип бойорған. – Һеҙгә шуны әйтәм: тәүге саҡырылғандарҙың береһе лә минең табынымдағы ризыҡты ауыҙ итә алмаҫ». Ғайса артынан күмәк халыҡ эйәрҙе, Ул боролдо ла былай тине: – Яныма килгән кеше атаһы менән әсәһен, ҡатыны менән балаларын, ағай-энеһе һәм апай-һеңлеләрен, хатта үҙ йәнен Минән нығыраҡ ярата икән, ул шәкертем була алмай. Үҙенең арҡысағын күтәреп, артымдан эйәреп бармаған кеше шәкертем була алмай. Әйтәйек, арағыҙҙан берәйһе манара төҙөргә теләй, ти. Ул, иң элек, ултырып, уның күпмегә төшәсәген хисаплап, төҙөлөштө аҙағына тиклем еткерә алыу-алмауын самаламаймы ни? Юғиһә, нигеҙен һалып та, уны төҙөп бөтөрә алмаһа, быны күргән һәр кем: «Был кеше төҙөй башланы ла тамамлап ҡуя алманы», – тип көлөр. Йәки берәй батша икенсе бер батшаға ҡаршы һуғышҡа әҙерләнгән саҡта, ултырып, кәңәш ҡороп, ун меңлек ғәскәре менән егерме меңлек ғәскәргә ҡаршы торорлоҡ көскә эйәме, түгелме икәнлеге тураһында уйлап ҡарамаҫ инеме? Көсө етмәҫлек булһа, теге батша алыҫта саҡта уҡ солох шарттары хаҡында килешер өсөн, илселәрен ебәрер ине. Шуның кеүек, һеҙҙең берегеҙ ҙә, бөтә нәмәһенән баш тартмаһа, Минең шәкертем була алмаясаҡ. Тоҙ – яҡшы нәмә. Әммә тәмен юғалтһа, уны нисек ҡайтарырһың? Ул баҫыу өсөн дә, тиреҫ өсөн дә яраҡһыҙға әйләнер һәм уны сығарып ташларҙар. Ҡолаҡтары барҙар ишетһен! Ғайсаны тыңларға тип барлыҡ һалым йыйыусылар һәм башҡа гонаһлы әҙәмдәр йыйылды. Фарисейҙар менән ҡанун белгестәре иһә: – Был Кеше гонаһлыларҙы ҡабул итә, хатта улар менән бер табындан ашай, – тип һуҡранды. Ғайса уларға ошо ҡиссаны һөйләне: – Әйтәйек, берегеҙҙең йөҙ һарығы булып, шуларҙың береһен юғалтты, ти. Ул, туҡһан туғыҙын көтөүлектә ҡалдырып, юғалтҡан бер һарығын тапҡансы эҙләмәҫме ни? Ә инде тапҡас, ҡыуанып, уны елкәһенә һалып алып ҡайтыр. Өйөнә ҡайтҡас, дуҫтары менән күршеләрен саҡырып: «Шатлығымды уртаҡлашығыҙ, мин юғалған һарығымды таптым», – тиер. Һеҙгә шуны әйтәм: шул рәүешле, тәүбә итеүгә мохтаж булмаған туҡһан туғыҙ тәҡүә кеше өсөн шатланыуға ҡарағанда, тәүбә иткән гонаһлы бер кеше өсөн күктә шатлыҡ ҙурыраҡ булыр. Әгәр берәй ҡатындың ун көмөш тәңкәһе булып, береһен юғалтһа, майшәм яндырып, өйҙө һепереп, уны тапҡансы ентекләп эҙләмәҫме ни? Ә инде тапҡас, әхирәттәре менән күршеләрен саҡырып: «Шатлығымды уртаҡлашығыҙ, юғалтҡан тәңкәмде таптым», – тиер. Һеҙгә шуны әйтәм: тәүбә иткән бер гонаһлы өсөн Алла фәрештәләре лә шулай уҡ шатланыр. Ғайса һүҙен дауам итте: – Бер кешенең ике улы булған. Кинйәһе: «Атай, мөлкәттең миңә тейешле өлөшөн бүлеп бир», – тигән. Атаһы мөлкәтен улдарына бүлеп биргән. Бер нисә көн үткәс, кинйә улы үҙ өлөшөн һатып, бөтә аҡсаһын алып, алыҫ илгә сығып киткән һәм, унда аҙып-туҙып, булған байлығын бөтөргән. Ул бер нәмәһеҙ ҡалған, шунда был илгә ҡаты аслыҡ килгән һәм егет мохтажлыҡ кисерә башлаған. Ул ошо илдең бер кешеһенә эшкә ялланған, был кеше уны яланға сусҡа көтөргә ебәргән. Егет шул тиклем асыҡҡан, хатта сусҡаларҙың аҙығын ашарға ла риза булыр кимәлгә еткән, әммә уға уныһын да бирмәгәндәр. Ниһайәт, ул аҡылына килеп: «Атайымдың нисәмә ялсыһы бар, уларҙың бөтәһе лә туйғансы ашай, хатта артып та ҡала, ә мин бында астан үлеп барам. Хәҙер үк ҡайтайым да: „Атай, мин күктәге Алла ҡаршыһында һәм һинең алдыңда гонаһ ҡылдым. Инде һинең улың тип аталырға лайыҡ түгелмен, мине ялсы итеп эшкә ал“, – тип әйтәйем», – тип уйлаған. Шунан һуң атаһы янына ҡайтып киткән. Алыҫта килә ятҡанында уҡ атаһы уны күреп ҡалған, бик йәлләгән, ҡаршыһына йүгереп барып, ҡосаҡлап үбеп алған. Улы уға: «Атай, мин күктәге Алла ҡаршыһында һәм һинең алдыңда гонаһ ҡылдым: инде һинең улың тип аталырға лайыҡ түгелмен», – тигән. Ә атаһы үҙенең хеҙмәтселәренә: «Иң һәйбәт кейемдәр алып килеп уны кейендерегеҙ, бармағына йөҙөк кейҙерегеҙ, аяғына ҡата бирегеҙ, һимертелгән берәй быҙауҙы салығыҙ, ашап-эсеп, күңел асайыҡ! Минең улым үлгәйне – хәҙер терелде, юғалғайны – табылды», – тигән. Шунан улар күңел аса башлаған. Атаның өлкән улы иһә был мәлдә ҡырҙа булған. Өйөнә ҡайтып етеп килгәндә, йыр-бейеү тауыштары ишеткән. Хеҙмәтселәрҙең береһен саҡырып: «Бында нимә бара?» – тип һораған. «Һинең ҡустың ҡайтты, һау-сәләмәт әйләнеп ҡайтыуына ҡыуанып, атайың һимертелгән быҙау салдырҙы», – тигән уға хеҙмәтсе. Өлкән улдың быға асыуы килгән, хатта өйгә инергә теләмәгән. Атаһы сығып саҡырғас: «Бына мин һиңә нисә йылдар инде хеҙмәт итәм. Бойороғоңдо бер тапҡыр ҙа үтәмәй ҡалғаным юҡ. Шулай булһа ла, дуҫтарым менән күңел асыр өсөн һин миңә берәй тапҡыр кәзә бәрәсе лә биргәнең юҡ. Ә мал-мөлкәтеңде аҙғын ҡатындар менән туҙҙырған был улың ҡайтҡас, уның өсөн хатта һимертелгән быҙау салғанһың!» – тигән. Атаһы уға: «Улым, һин һәр ваҡыт янымдаһың, минең булған бөтә нәмәм – һинеке. Әммә бөгөн ҡыуаныстан нисек күңел асмайһың инде: ҡустың үлгәйне – терелде, юғалғайны – табылды», – тигән. Ғайса Үҙенең шәкерттәренә былай тине: – Бер бай хужалығында идарасы тотҡан. Байға был кешенең мөлкәтен туҙҙырыуы тураһында еткерәләр. Бай идарасыһын саҡырып ала ла уға: «Һинең турала нимәләр генә ишетмәйем! Үҙеңдең идаралыҡ эшмәкәрлегеңә иҫәп-хисап яһа, сөнки артабан хужалығымда идарасы була алмайһың», – ти. Идарасы үҙ алдына: «Нимә эшләйем икән? Хужам мине идаралыҡ эшенән ҡыуа, ер ҡаҙырға көсөм юҡ, хәйер һорарға оялам… Әһә, таптым! Хужалыҡ менән идаралыҡ итеү эшенән сығарылғас, кешеләр мине үҙ йорттарына ҡабул итһендәр өсөн, нимә эшләргә кәрәклеген беләм», – тип уйлаған. Шунан ул хужаһына бурысы булған кешеләрҙе берәм-берәм саҡырып алған. Тәүгеһенән: «Минең хужама күпме бурысың бар?» – тип һораған. Тегеһе уға: «Йөҙ мискә май тейешмен», – тигән. Идарасы: «Бына бурыс тураһындағы ҡағыҙың. Уны ал да, ултырып, тиҙ генә „илле мискә“ тип яҙ», – тигән. Шунан икенсеһен саҡырып: «Ә һинең бурысың күпме?» – тип һораған. «Йөҙ тоҡ бойҙай». Идарасы: «Бына бурыс тураһындағы ҡағыҙың. Уны ал да „һикһән тоҡ“ тип яҙ», – тигән. Хужа намыҫһыҙ идарасыны отҡорлоғо өсөн маҡтаған. Сөнки был донъя кешеләре үҙ-ара эш иткәндә яҡтылыҡ кешеләренә ҡарағанда отҡорораҡ. Һеҙгә әйтәм: был донъяның байлығын, изгелек итеп, үҙегеҙгә дуҫтар булдырыу өсөн файҙаланығыҙ. Шулай эшләһәгеҙ, байлыҡ бөткәс, мәңгелек йәшәү йорттарына ҡабул ителерһегеҙ. Бәләкәй нәмәлә ышаныслы кеше ҙур нәмәлә лә ышаныслы булыр, бәләкәй нәмәлә ышанысһыҙ кеше ҙурында ла ышанысһыҙ булыр. Әгәр һеҙ был донъяның байлығы менән хаҡ эш итә алмайһығыҙ икән, кем һеҙгә ысын байлыҡты ышанып тапшырыр? Әгәр башҡаларҙың һеҙгә тапшырылған мөлкәте менән ышаныслы эш итмәйһегеҙ икән, үҙегеҙгә тәғәйенләнгәнен һеҙгә кем бирер? Бер хеҙмәтсе лә ике хужаға хеҙмәт итә алмай: ул йә береһенә нәфрәт тотор, икенсеһен яратыр, йә береһенә тоғро булыр, икенсеһен һанға һуҡмаҫ. Аллаға ла, байлыҡҡа ла бер юлы хеҙмәт итә алмаҫһығыҙ. Аҡса яратҡан фарисейҙар, быларҙы ишетеп, Ғайсанан мыҫҡыллап көлдөләр. Ғайса уларға былай тине: – Һеҙ кешеләр алдында үҙегеҙҙе хаҡ итеп күрһәтәһегеҙ, әммә Алла һеҙҙең күңелегеҙҙе белә. Кешеләр юғары баһалаған нәмә – Алла өсөн ерәнгес. Ҡанун һәм пәйғәмбәрҙәр дәүере Яхъя килгәнгә тиклем дауам итте. Хәҙер иһә Алла Батшалығы тураһында Һөйөнөслө Хәбәр вәғәз ителә, һәм һәр кем унда инергә ҙур тырышлыҡ һала. Әммә, күк менән ер юҡҡа сыҡҡан осраҡта ла, ҡанундың бер генә һыҙығы ла юҡҡа сыҡмаясаҡ. Ҡатынын айырып, башҡаға өйләнгән ир зина ҡыла; ире айырған ҡатынға өйләнгән кеше лә зина ҡыла. Ҡасандыр бер бай кеше йәшәгән. Ул иң ҡиммәтле һәм зиннәтле кейемдәр генә кейгән, көн һайын ҙур-ҙур мәжлестәр үткәргән. Ә уның ҡапҡаһы төбөндә бөтә тәне һыҙлауыҡтар менән ҡапланған Әлғазар исемле фәҡир ятҡан. Ул байҙың табынынан төшкән һыныҡ-мыныҡ менән булһа ла туҡланырға ымһынған. Эттәр килеп, уның яраларын ялап киткән. Бер көн Әлғазар үлгән, һәм фәрештәләр уны Ибраһим янындағы түрҙәге урынға алып барған. Бай ҙа үлгән. Уны ерләгәндәр. Бай үлеләр донъяһында ғазап сиккән ваҡытта башын күтәреп өҫкә ҡараһа, алыҫта Ибраһимды, уның эргәһендә Әлғазарҙы күргән. Шул саҡ бай: «Эй атабыҙ Ибраһим! Миңә мәрхәмәтле булып, Әлғазарҙы яныма ебәр әле, ул бармаҡ осон һыуға манып, телемде сылатып һалҡынайтһын. Мин был ялҡында шул тиклем ғазапланам», – тип ҡысҡырған. Әммә Ибраһим уға: «Улым! Иҫеңә төшөр, һин үҙ ғүмереңдә бар рәхәтлекте татының, ә Әлғазар михнәт сикте. Хәҙер иһә ул бында йыуаныс күрә, ә һин ғазап сигәһең, – тигән. – Өҫтәүенә, беҙҙең менән һеҙҙең арала ҙур упҡын ята, шунлыҡтан бынан һеҙҙең яҡҡа сығырға теләүсе лә, ул яҡтан был яҡҡа сығырға теләүсе лә үтә алмаҫ». Шул саҡ бай: «Эй ата, улай булғас, зинһар өсөн, Әлғазарҙы атайымдың өйөнә ебәр. Минең биш туғаным бар, был ғазап сигеү урынына эләкмәһендәр өсөн, уларҙы иҫкәртһен», – тигән. Ибраһим уға: «Уларҙа Муса һәм башҡа пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмалары бар. Унда яҙылғандарға ҡолаҡ һалһындар», – тип әйткән. Бай иһә: «Юҡ, Ибраһим атам. Үлгәндәрҙең береһе терелеп улар янына барһа, шул мәлдә тәүбәгә килерҙәр ине», – тигән. Ибраһим байға: «Улар Мусаны һәм башҡа пәйғәмбәрҙәрҙе тыңламайҙар икән, үлектәрҙең береһе терелеп барһа ла, ышанмаясаҡтар», – тип яуап биргән. Ғайса Үҙенең шәкерттәренә былай тине: – Гонаһҡа этәргән нәмәләр ҡотолғоһоҙ, әммә бүтәндәрҙе гонаһҡа этәреүсегә – ҡайғы. Был кесе йәндәрҙең берәйһен дөрөҫ юлдан яҙҙырған кешене муйынына тирмән ташы аҫып диңгеҙгә ташлаһалар, уның өсөн хәйерлерәк булыр ине. Ҡылған эштәрегеҙгә иғтибарлы булығыҙ. Туғаның һиңә ҡаршы гонаһ ҡылһа, уны шелтәлә, ә инде тәүбәгә килһә, ғәфү ит. Көнөнә ете тапҡыр һиңә ҡаршы гонаһ ҡылып һәм ете тапҡыр яныңа килеп: «Ҡылғаныма үкенәм!» – тиһә, уны ғәфү ит. Илселәр Раббы Ғайсаға: – Иманыбыҙҙы арттыр, – тинеләр. Раббы Ғайса былай тине: – Әгәр һеҙҙең гәрсис орлоғо хәтлем генә иманығыҙ булып, ошо тут ағасына: «Тамырың менән ҡуптарылып сыҡ та үҙеңде диңгеҙгә күсереп ултырт», – тиһәгеҙ, ул шулай эшләр ине. Ер һөрөп йәки көтөү көтөп ҡырҙан ҡайтҡан хеҙмәтсеһенә ҡайһығыҙ: «Әйҙә, тиҙерәк өҫтәл янына ултыр», – тип әйтер икән? Киреһенсә, уға: «Миңә киске аш әҙерлә, унан, билеңде быуып, ашап-эскән ваҡытымда миңә хеҙмәт күрһәтеп тор, шунан һуң үҙең ашап-эсерһең», – тип әйтмәҫһегеҙме? Ҡушылғанды үтәгәне өсөн хеҙмәтсегеҙгә рәхмәт әйтерһегеҙме икән? Шулай итеп, һеҙ ҙә ҡушылғандарҙың барыһы ла үтәлгәндән һуң: «Беҙ – бары хеҙмәтселәр генә, эшләргә тейеш булғанды башҡарҙыҡ», – тип әйтегеҙ. Ғайса, Йәрүсәлимгә барышлай, Самария һәм Галилея сиге буйлап үтте. Бер ауылға ингәндә, Уны махау сирле ун кеше ҡаршыланы. Улар алыҫта уҡ туҡтап, көслө тауыш менән: – Ғайса Остаз! Беҙгә мәрхәмәтле булсы! – тип ҡысҡырҙы. Ғайса уларҙы күргәс: – Барығыҙ, ҡаһиндарға күренегеҙ, – тине. Махау сирлеләр унда китеп барышлай уҡ таҙарынды. Уларҙың береһе, һауыҡҡанын тойғас та кире килеп, ҡысҡырып Алланы данланы, Ғайсаның аяғына йығылып, Уға рәхмәт әйтте. Был Самария кешеһе ине. Шул саҡ Ғайса: – Ун кеше таҙарынғайнығыҙ түгелме һуң? Туғыҙығыҙ ҡайҙа? Аллаға рәхмәт белдереү өсөн, сит ер кешеһенән башҡалары кире килмәнеме ни? – тип һораны. Ә теге әҙәмгә: – Тор, юлыңда бул, һине ышаныуың һауыҡтырҙы, – тине. Фарисейҙар Ғайсанан Алла Батшалығының ҡасан киләсәге тураһында һораны. – Алла Батшалығы күҙгә күренеп килмәҫ, – тине Ғайса. – «Бына, бында ул», йәки: «Ана, тегендә», – тип тә әйтмәҫтәр. Алла Батшалығы – һеҙҙең арағыҙҙа. Ғайса шәкерттәренә былай тине: – Әҙәм Улының көндәренең береһен генә булһа ла күргегеҙ килгән ваҡыт етер, әммә күрә алмаҫһығыҙ. Һеҙгә: «Ул бына бында», йәки: «Ул тегендә», – тип әйтерҙәр. Әммә һеҙ улар әйткән ергә бармағыҙ, улар артынан йүгермәгеҙ. Нисек йәшен йәшнәп, күктең бер ситенән икенсе ситенә саҡлы ут ялтлап китә, Әҙәм Улы Үҙенең көнөндә шулай булыр. Әммә тәүҙә Уға күп ғазаптар кисерергә һәм ошо быуын кешеләре тарафынан кире ҡағылырға тура килер. Нух заманында нисек булһа, Әҙәм Улы көндәрендә лә шулай буласаҡ. Нух кәмәгә ингән көнгә тиклем кешеләр ашаған, эскән, өйләнгән, кейәүгә сыҡҡан. Шунан һуң туфан ҡалҡып, барыһын да һәләк иткән. Лут көндәрендә лә шулай булған: кешеләр ашаған, эскән, һатып алған һәм һатып ебәргән, сәскән, төҙөгән. Әммә Лут Содом ҡалаһынан сыҡҡан көндә күктән ут менән көкөрт ямғыры яуған һәм барыһын да һәләк иткән. Әҙәм Улы килеп күренгән көндә лә шулай буласаҡ. Ул көндө үҙе өй ҡыйығында булып, әйберҙәре аҫта ҡалған кеше уларҙы алырға тип төшмәһен, шулай уҡ баҫыуҙа булған кеше лә өйөнә ҡайтмаһын. Луттың ҡатынын иҫегеҙҙә тотоғоҙ. Кем үҙенең йәнен һаҡлап ҡалырға тырыша, ул уны юғалтыр; ә кем йәнен юғалта, уны һаҡлап алып ҡалыр. Һеҙгә әйтәм: ул төндә бер түшәктә ятҡан ике кешенең береһе алыныр, икенсеһе ҡалдырылыр. Ғайсаның был һүҙҙәренән һуң шәкерттәре: – Хакимыбыҙ, был хәл ҡайҙа булыр? – тип һораны. – Мәйет ҡайҙа булһа, ҡоҙғондар шунда йыйылыр, – тине Ғайса. Төшөнкөлөккә бирелмәҫкә, һәр ваҡыт доға ҡылырға кәрәклеген белһендәр өсөн, Ғайса Үҙенең шәкерттәренә ошондай ҡисса һөйләне: – Бер ҡалала Алланан да ҡурҡмаған, кешеләрҙән дә тартынмаған хөкөмдар йәшәгән. Ошо уҡ ҡалала бер тол ҡатын да ғүмер иткән, һәм ул хөкөмдар янына килеп: «Мине дошманымдан яҡла», – тип ялбарған. Әммә хөкөмдар дәғүәне оҙаҡ ваҡыт хәл итергә теләмәгән. Аҙаҡ, ниһайәт: «Алланан ҡурҡмаһам да, кешеләрҙән тартынмаһам да, ошо тол ҡатын миңә тынғылыҡ бирмәгәнлектән, уның дәғүәһен хәл итәйем, башҡаса аптыратып килеп йөрөмәһен», – тип уйлаған. Раббы Ғайса һүҙен былай тип тамамланы: – Намыҫһыҙ хөкөмдарҙың нимә уйлағанына иғтибар иттегеҙме? Шулай икән, нисек Алла көнө-төнө Үҙен ярҙамға саҡырғандарҙы, Үҙе һайлап алған кешеләрен яҡламаһын? Нисек Ул ярҙамын оҙаҡлатһын? Һеҙгә әйтәм: Ул оҙаҡҡа һуҙмаҫ, яҡлар. Әммә Әҙәм Улы килгән сағында ерҙә иман табырмы икән? Үҙҙәренең тәҡүәлегенә ышанып, башҡаларға түбәнһетеп ҡараған ҡайһы бер кешеләргә Ғайса ошондай ҡисса һөйләне: – Ике кеше доға ҡылыр өсөн Алла йортона ингән: береһе – фарисей, икенсеһе – һалым йыйыусы икән. Фарисей, тороп, былай тип доға ҡылған: «Аллам! Мин һиңә башҡалар кеүек талаусы ла, алдаҡсы ла, зина ҡылыусы ла йәки бына ошо һалым йыйыусы кеүек тә булмағаным өсөн рәхмәтлемен. Аҙнаһына ике тапҡыр ураҙа тотам, табышымдың ундан бер өлөшөн Һиңә бирәм». Һалым йыйыусы иһә ситтәрәк баҫып торған һәм күккә күтәрелеп ҡарарға ла ҡыймаған, күкрәген төйә-төйә: «Аллам, миңә, гонаһлыға, мәрхәмәтле булһаңсы!» – тигән. Һеҙгә әйтәм, фарисей түгел, ә быныһы Алла алдында аҡланып үҙ өйөнә ҡайтып киткән. Сөнки үҙен-үҙе күтәргән әҙәм түбәнһетелер, үҙен түбәнһеткән – күтәрелер. Ғайса ҡағылып Үҙенең фатихаһын бирһен өсөн, Уның янына бәләкәй балаларын да алып килделәр. Шәкерттәре иһә быны күреп, уларҙы шелтәләне, үткәрмәне. Ғайса иһә балаларҙы янына саҡырып: – Балаларҙы Минең яныма үткәрегеҙ, уларға ҡамасауламағыҙ! Алла Батшалығы – ошондайҙарҙыҡы. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: кем Алла Батшалығын балалар һымаҡ ҡабул итмәй, шул унда инмәйәсәк, – тине. Башлыҡтарҙың береһе Ғайсанан: – Игелекле Остаз, мәңгелек тормошто мираҫ итеп алыр өсөн миңә нимә эшләргә кәрәк? – тип һораны. – Ниңә һин Мине игелекле тип атайһың? – тине Ғайса. – Алланан башҡа бер кем дә игелекле түгел. Уның бойороҡтарын беләһең: «Зина ҡылма, кеше үлтермә, урлашма, ялған шаһитлыҡ бирмә, атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит». Ә башлыҡ Уға: – Мин быларҙың бөтәһен дә йәш сағымдан уҡ үтәп киләм, – тине. Быны ишеткәс, Ғайса былай тине: – Һиңә тағы бер нәмә етмәй: ниндәй мөлкәтең бар, бөтәһен дә һатып, фәҡирҙәргә өләш. Шулай эшләһәң, күктәге хазинаға эйә булырһың. Шунан кил дә Миңә эйәр. Башлыҡ иһә, быны ишеткәс, ҡайғыға төштө: ул бик бай ине. Ғайса, уның ҡайғырғанын күреп, былай тине: – Байлығы булған кешеләргә Алла Батшалығына инеү ни тиклем ҡыйын! Бай кешегә Алла Батшалығына инеүгә ҡарағанда, дөйәгә энә күҙәүе аша үтеү еңелерәк. Быны ишетеүселәр: – Улай булғас, кем генә ҡотола алыр һуң? – тип һораны. – Кешеләр өсөн мөмкин булмаған нәмә Алла өсөн мөмкин, – тине Ғайса. Петрус иһә: – Бына, бөтә булған нәмәбеҙҙе ҡалдырып, беҙ Һиңә эйәрҙек, – тине. Ғайса тыңлаусыларға өндәште: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: өйөн, ҡатынын, ағай-энеһен, ата-әсәһен йәки балаларын Алла Батшалығы хаҡына ҡалдырған һәр кем был донъяла күп тапҡырға артығыраҡ алыр, ә инде киләсәк донъяла ул мәңгелек тормошҡа эйә булыр. Ғайса ун ике шәкертен ситкә алып китеп: – Әле беҙ Йәрүсәлимгә китеп барабыҙ. Унда Әҙәм Улы хаҡында пәйғәмбәрҙәр яҙғандың бөтөнөһө лә ғәмәлгә ашасаҡ. Ул мәжүсиҙәр ҡулына тотоп биреләсәк, улар Уны мыҫҡыллар, хурлар һәм өҫтөнә төкөрөр, Уны ҡамсыларҙар һәм үлтерерҙәр. Ләкин өсөнсө көндә Ул терелеп торор, – тине. Әммә шәкерттәр был һүҙҙәрҙән бер нәмә лә аңламаны, һүҙҙәрҙең мәғәнәһе улар өсөн йәшерен ҡалғанлыҡтан, Ғайсаның әйткәндәренә төшөнмәнеләр. Ғайса Йерихоға яҡынлашып килгәндә, юл ситендә бер һуҡыр хәйер һорашып ултыра ине. Эргәһенән күмәк кеше үтеп барғанын ишетеп: – Нимә булды? – тип һораны. – Назаралы Ғайса үтеп бара, – тинеләр уға. Шунда ул: – Дауыт Улы Ғайса, мине йәллә инде! – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Алда барғандар, уны әрләп, тыйырға тырышты, әммә ул: – Дауыт Улы, мине йәллә инде! – тип ҡысҡырыбыраҡ ҡабатланы. Ғайса, туҡтап, уны Үҙенең янына килтерергә ҡушты. Һуҡыр килгәс: – Һинең өсөн нимә эшләүемде теләйһең? – тип һораны. – Әфәндем! Күҙҙәрем күрһен ине, – тине һуҡыр. Ғайса уға: – Күҙҙәрең күрһен! Һине ышаныуың һауыҡтырҙы, – тине. Һуҡыр шунда уҡ күрә башланы һәм, Алланы данлап, Ғайсаға эйәреп китте. Быны күреп торған кешеләрҙең бөтәһе лә Аллаға маҡтау яуҙырҙы. Ғайса, Йерихоға инеп, уның аша үтеп бара ине. Бында һалым йыйыусыларҙың башлығы Зәкхәйос исемле бай кеше йәшәй ине. Ул Ғайсаны нисек булһа ла күреп ҡалырға тырышты, ләкин, буйға тәпәш булғанлыҡтан, халыҡ араһынан Уны күрә алманы. Шунлыҡтан, Ғайсаны күрергә тип, алға йүгереп сыҡты ла ҡырағай инжир ағасына менеп ултырҙы. Ғайса ошо урындан үтергә тейеш ине. Ғайса унда килеп еткәс, күтәрелеп ҡараны ла: – Зәкхәйос! Төш тиҙерәк, Мин бөгөн һиндә ҡунаҡ булырға тейешмен, – тине. Зәкхәйос тиҙ генә төштө лә Ғайсаны шатланып өйөнә алып ҡайтты. Был хәлде күреп торған барыһы ла: – Был тиклем дә гонаһлы кешегә нисек итеп ҡунаҡҡа бармаҡ кәрәк! – тип һуҡранды. Зәкхәйос иһә, тороп, Раббы Ғайсаға: – Хужам! Мөлкәтемдең яртыһын фәҡирҙәргә өләшермен, әгәр ҙә берәйһен алдаған булһам, дүртләтә ҡайтарып бирермен, – тине. – Бөгөн был өйгә ҡотолоу килде, – тине Ғайса, – был кеше лә Ибраһим нәҫеленән бит. Әҙәм Улы юғалғанды эҙләп табырға һәм ҡотҡарырға тип килде. Быны тыңлап торған кешеләргә Ғайса, һүҙен дауам итеп, тағы ла бер ҡисса һөйләне. Ул Йәрүсәлимгә яҡынлашҡайны, ә халыҡ, оҙаҡламай Алла Батшалығы етергә тейеш, тип уйлай ине. Ғайса былай тине: – Затлы нәҫелдән булған бер кеше, үҙ иле өҫтөнән батшалыҡ ҡабул итергә лә әйләнеп ҡайтырға тип, алыҫ юлға сыҡҡан. Юлға сығыр алдынан ун хеҙмәтсеһен саҡырып алған да берәр көмөш тәңкә биреп: «Мин ҡайтҡансы быларҙы файҙаланып табыш алығыҙ», – тигән. Халыҡ иһә уны яратмаған һәм: «Беҙ уның батшалыҡ итеүен теләмәйбеҙ», – тип, артынса уҡ илселәр ебәргән. Теге кеше, батшалыҡты ҡабул итеп ҡайтыу менән, аҡса биргән хеҙмәтселәренең күпме табыш алғанын белешер өсөн, уларҙы үҙенең янына саҡырырға ҡушҡан. Беренсе хеҙмәтсе килеп: «Хужам, һинең көмөш тәңкәң ун тәңкә килтерҙе», – тигән. Хужа уға: «Яҡшы эшләгәнһең, һин – һәйбәт хеҙмәтсе. Бәләкәй эштә ышаныслы булғаның өсөн, ун ҡала менән идара итеүҙе һиңә тапшырам», – тигән. Икенсе хеҙмәтсе килеп: «Хужам, һинең көмөш тәңкәң биш тәңкә килтерҙе», – тигән. Хужа уға: «Һин биш ҡала менән идара ит», – тигән. Ә өсөнсө хеҙмәтсе килеп: «Хужам, бына тәңкәң, һинән ҡурҡҡанға күрә, уны мин яулыҡҡа төрөп һаҡлап тоттом. Һин бит аяу белмәҫ кеше – һалмағаныңды алаһың, сәсмәгәнеңде ураһың», – тигән. Хужа иһә уға: «Мин һине үҙ һүҙҙәрең менән хөкөм итәм, булдыҡһыҙ хеҙмәтсе! Минең аяу белмәҫ булғанымды, һалмағанды алғанымды, сәсмәгәнде урғанымды белә инең бит! Шулай булғас, ни өсөн мин биргән тәңкәне әйләнешкә индермәнең? Ҡайтҡас та уны табышы менән бергә алған булыр инем», – тигән. Шунан янындағыларға: «Унан тәңкәне алығыҙ ҙа ун көмөшө булғанына бирегеҙ», – тип ҡушҡан. Ярҙамсылары уға: «Хужабыҙ! Ул хеҙмәтсенең ун тәңкәһе бар бит инде», – тигән. Хужа уларға: «Һеҙгә әйтәм: кемдеке бар, шуға тағы ла күберәк бирелер, ә кемдеке юҡ, уның булғаны ла тартып алыныр. Ә инде үҙҙәренә батша булыуымды теләмәгән дошмандарымды бында алып килегеҙ һәм күҙ алдымда үлтерегеҙ», – тип яуаплаған. Ғайса, был ҡиссаны һөйләгәндән һуң, Йәрүсәлимгә табан юл тотто. Зәйтүн тауына, Бейт-Фаге менән Бейт-Әниә ауылдарына яҡынлашҡас, ике шәкертен алдан ебәрҙе: – Ҡаршылағы ауылға барығыҙ, унда ингәс, бәйҙә торған һәм бығаса һис кем менмәгән йәш ишәкте күрерһегеҙ. Уны ысҡындырып, бында алып килегеҙ. Әгәр берәйһе: «Ниңә уны бәйҙән ысҡындыраһығыҙ?» – тип һораһа: «Ул Хужаға кәрәк», – тип әйтегеҙ. Шәкерттәре Ғайса әйткән ишәкте барып тапты. Улар йәш ишәкте бауҙан ысҡындырған саҡта ишәктең хужалары: – Ишәкте ниңә бауҙан ысҡындыраһығыҙ? – тип һораны. Шәкерттәр: – Ул Хужабыҙға кәрәк, – тинеләр. Ишәкте Ғайса янына алып килделәр ҙә, өҫ кейемдәрен ишәк өҫтөнә һалып, Ғайсаны уға атландырҙылар. Ғайса ишәк өҫтөндә барған саҡта, кешеләр өҫ кейемдәрен сисеп юлға түшәне. Ғайса Зәйтүн тауынан Йәрүсәлимгә табан төшә торған юлға яҡынлашҡас, күп һанлы шәкерттәр төркөмө, үҙҙәре күргән бөтөн мөғжизәләр өсөн ҡыуанышып, көслө тауыштар менән Алланы данлай башланылар: – Раббы исеме менән килеүсе Батша мөбәрәк булһын! Күктә – именлек, бейек күктәрҙә – дан! Шунда халыҡ араһындағы ҡайһы бер фарисейҙар Ғайсаға: – Остаз, шәкерттәреңде тый! – тине. Ғайса иһә: – Һеҙгә шуны әйтәм: улар тымһа, таштар ҡысҡыра башлаясаҡ, – тип яуапланы. Ғайса, Йәрүсәлимгә яҡынайғас, ҡаланы күреп, уның яҙмышы өсөн иланы: – Һин дә ошо көндә үҙ именлегең өсөн нимә кәрәклеген белһәң ине! Әммә был әле күҙҙәреңдән йәшерелгән. Һиңә шундай көндәр килер: дошмандарың тирә-яғыңа тупраҡ өйөп, һине ҡамап алыр һәм һәр яҡлап ҡыҫырыҡлар. Һине емерерҙәр, һиндә йәшәүселәрҙе ҡырырҙар, таш өҫтөндә таш ҡалдырмаҫтар, сөнки һин яныңа Алла килеп ҡотҡарған ваҡытты белмәнең. Ғайса, Алла йортона инеп, ундағы һатыусыларҙы ҡыуып сығарырға кереште. – Изге Яҙмала: «Минең Йортом доға ҡылыу йорто булыр», – тип яҙылған, ә һеҙ уны юлбаҫарҙар ояһына әйләндергәнһегеҙ! – тине. Ғайса көн һайын Алла йортонда аң-белемгә өйрәтте. Баш ҡаһиндар, ҡанун белгестәре һәм халыҡ башлыҡтары иһә Уны һәләк итергә әмәл эҙләне. Әммә быны нисек атҡарырға белмәнеләр, сөнки Ғайсаның һәр һүҙен йотлоғоп тыңлаған халыҡ Уның менән ине. Бер көндө, халыҡты Алла йортонда аң-белемгә өйрәтеп, Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан иткән сағында, Ғайса янына аҡһаҡалдар менән баш ҡаһиндар һәм ҡанун белгестәре килде. Улар Ғайсанан: – Әйт әле, быларҙы Һин ниндәй вәкәләт менән эшләйһең? Ул вәкәләтте Һиңә кем бирҙе? – тип һораны. – Мин дә һеҙгә бер һорау бирәм, – тине Ғайса уларға. – Әйтегеҙ әле: Яхъяның һыуға сумдырыу хоҡуғы күктән инеме, әллә кешеләрҙәнме? Тегеләр үҙ-ара фекер алышты: – Әгәр: «Күктән», – тиһәк, Ул: «Ниңә һуң һеҙ уға ышанманығыҙ?» – тип һораясаҡ. Ә инде: «Кешеләрҙән», – тиһәк, бөтә халыҡ беҙҙе таш менән бәргесләр, сөнки барыһы ла Яхъяның пәйғәмбәр булыуына ышана. Ахырҙа: – Ҡайҙан икәнен белмәйбеҙ, – тип яуап ҡайтарҙылар. – Улай булғас, Мин дә һеҙгә быларҙы ниндәй вәкәләт менән башҡарғанымды әйтмәйем, – тине Ғайса. Ғайса халыҡҡа ошондай ҡисса һөйләне: – Бер кеше йөҙөм баҡсаһы ултыртҡан да, уны йөҙөм үҫтереүселәргә ҡуртымға биреп, оҙайлы ваҡытҡа ситкә сығып киткән. Емеш йыйыр мәл еткәс, уңышынан үҙ өлөшөн алдырырға хеҙмәтсеһен ебәргән. Ә йөҙөм үҫтереүселәр, хеҙмәтсене туҡмап, буш ҡул менән ҡайтарып ебәргән. Хужа икенсе хеҙмәтсеһен ебәргән, әммә улар быныһын да туҡмап, мыҫҡыл итеп, бер нәмәһеҙ кире ҡайтарып ебәргән. Хужа өсөнсө хеҙмәтсеһен ебәргән – уныһын да яралап, ҡыуып ҡайтарғандар. Йөҙөм баҡсаһының хужаһы: «Нимә эшләйем икән? Ғәзиз улымды ебәрәйем әле, бәлки, уға хөрмәт күрһәтерҙәр», – тип уйлаған. Әммә йөҙөм үҫтереүселәр, уның улын күргәс, үҙ-ара: «Был – вариҫ бит. Әйҙәгеҙ, уны үлтерәйек, шунда уға ҡала торған мираҫ беҙҙеке булыр», – тип һөйләшкәндәр. Шунан уны йөҙөм баҡсаһынан тышҡа сығарып үлтергәндәр. Инде баҡса хужаһы уларҙы нимә эшләтер? Ул килеп йөҙөм үҫтереүселәрҙе үлтерер, ә баҡсаны башҡаларға бирер. Быны ишеткәндәр: – Улай булып ҡуймаһын инде! – тиештеләр. Ғайса уларға текләп ҡараны ла былай тине: – Изге Яҙмалағы: «Төҙөүселәр яраҡһыҙ тип ташлаған таш иң мөһим мөйөш ташы булды», – тип яҙылған һүҙҙәр нимә аңлата һуң? Был таш өҫтөнә йығылған һәр кем селпәрәмә киләсәк, ә инде таш кемдең өҫтөнә төшә, шуны иҙәсәк. Баш ҡаһиндар менән ҡанун белгестәре, был ҡиссаның үҙҙәре тураһында икәнен аңлап, шунда уҡ Ғайсаны ҡулға алырға теләне, әммә халыҡтан ҡурҡты. Улар Ғайса артынан ныҡлап күҙәтергә үҙҙәренең кешеләрен ебәрҙе. Былары иһә, үҙҙәрен эскерһеҙ итеп күрһәткән булып, Ғайсанан бәйләнерлек һүҙ әйттереп, идарасы ҡулына хөкөмгә тотоп бирергә ниәтләне. Шуның өсөн улар Ғайсанан: – Остаз, беҙ Һинең хаҡ һүҙ һөйләүеңде һәм өйрәтеүеңде беләбеҙ. Кешеләргә айырмай ҡарайһың һәм, дөрөҫлөктән ситкә тайпылмайынса, Алла юлына өйрәтәһең. Әйт әле, ҡайсарға һалым түләү дөрөҫмө, әллә юҡмы? – тип һораны. Ғайса уларҙың мәкерле ниәттәрен аңлап: – Ҡайҙа, Миңә бер динар күрһәтегеҙ әле. Бында кемдең һүрәте төшөрөлгән һәм кемдең исеме яҙылған? – тип һораны. – Ҡайсарҙыҡы, – тип яуап бирҙеләр. Ғайса уларға: – Шулай булғас, ҡайсарҙыҡын – ҡайсарға, Алланыҡын Аллаға бирегеҙ, – тине. Ғайсаның халыҡ алдында һөйләгән һүҙҙәренә бәйләнерлек урын таба алманылар. Уның яуабына иҫтәре китеп, шымып ҡалдылар. Саддукейҙар үленән терелеүҙе инҡар итә ине. Уларҙың ҡайһы берәүҙәре Ғайса эргәһенә килде һәм шундай һорау бирҙе: – Остаз, Муса беҙгә ҡанунда: «Әгәр ҙә кемдеңдер өйләнгән туғаны балаһы булмайынса үлеп китһә, ул тол ҡалған ҡатынды алһын, үлгән туғанының нәҫелен дауам итһен», – тип яҙып ҡалдырған. Ете бер туған була. Беренсеһе, өйләнгәс, балаһы булмайынса үлеп китә. Уның ҡатынына икенсеһе лә, өсөнсөһө лә, ҡалғандары ла өйләнә, әммә ете туғандың береһе лә бала ҡалдырмай үлеп ҡала. Аҙаҡ ҡатын да вафат була. Шулай булғас, үлеләр терелгән ваҡытта ул ҡайһыһының ҡатыны буласаҡ? Етеһе лә уның ире булған бит! Ғайса уларға былай тип яуапланы: – Был донъя кешеләре өйләнә, кейәүгә сыға. Ә үленән терелергә һәм киләсәк донъяла йәшәргә лайыҡлы һаналғандар өйләнмәҫ тә, кейәүгә лә сыҡмаҫ. Инде үлә лә алмаҫтар, сөнки улар фәрештәләр кеүек булырҙар. Улар – Алла балалары, сөнки уларҙы Алла үленән терелтте. Ә үленән терелеүҙе Муса инде күрһәткән. Янып торған күгән ҡыуағы тураһындағы хикәйәлә ул Раббыны Ибраһим Аллаһы тип тә, Исхаҡ Аллаһы һәм Яҡуп Аллаһы тип тә атаған. Алла – үлеләрҙең түгел, ә тереләрҙең Аллаһы. Алла өсөн бөтөнөһө лә тере. Был яуапҡа ҡарата ҡанун белгестәренең ҡайһы берәүҙәре: – Остаз, Һин яҡшы әйттең, – тине. Бынан һуң улар Ғайсаға һорау бирергә баҙнат итмәне. Ғайса иһә уларға былай тине: – Ни өсөн Мәсихте Дауыт Улы тип әйтәләр? Әгәр Дауыт Уны Хакимым тип атай икән, нисек инде Мәсих Дауыттың Улы була ала? Бөтә халыҡ тыңлап торған саҡта Ғайса Үҙенең шәкерттәренә былай тине: – Ҡанун белгестәренән һаҡ булығыҙ! Улар оҙон кейемдәр кейеп йөрөүҙе, баҙар майҙандарында башлап сәләм биргәндәрен хуш күрә, ғибәҙәтханаларҙа дәрәжәле урындарҙа һәм табын түрендә ултырыуҙы ярата. Улар тол ҡатындарҙың йорттарын үҙҙәренә ала, кешеләр күрһен тип, оҙаҡ итеп доға ҡыла. Ундайҙарҙы айырыуса ҡаты хөкөм көтә. Ғайса, күҙ һалып, ҡайһы бер байҙарҙың саҙаҡа һандығына хәйер һалыуын ҡарап торҙо. Шунда ярлы ғына бер тол ҡатындың да ике ваҡ аҡса һалғанын абайлап: – Һеҙгә ысынын әйтәм: был ярлы тол ҡатын бөтәһенән дә күберәк һалды. Тегеләрҙең барыһы ла үҙҙәренән артҡанды һалды, ә ул, ярлы булыуына ҡарамаҫтан, үҙенә йәшәү өсөн кәрәк булғанын һалды, – тине. Ҡайһы берәүҙәр Алла йортоноң матур таштар һәм Аллаға бағышланған бүләктәр менән биҙәлеүе тураһында һөйләгәндә, Ғайса: – Килер көндәр, һеҙ бында күргәндәрҙең барыһы ла ҡыйраласаҡ – таш өҫтөндә таш та ҡалмаясаҡ, – тине. Ғайсанан: – Остаз, һөйләгәндәрең ҡасан булыр? Быларҙың тиҙҙән етәсәген ниндәй билдәләр күрһәтер? – тип һоранылар. Ғайса былай тине: – Һаҡ булығыҙ, һеҙҙе алдап ҡуймаһындар! Күптәр Минең исемем менән килеп: «Мин – Улмын», «Ваҡыт етте», – тип әйтер. Ундайҙарға эйәрмәгеҙ. Һуғыштар һәм баш күтәреүҙәр тураһында ишеткәндә, ҡурҡмағыҙ. Башта ул ваҡиғалар булырға тейеш, ләкин заман ахыры шунда уҡ килеп етмәҫ. Ғайса һүҙен дауам итте: – Халыҡ – халыҡҡа һәм батшалыҡ батшалыҡҡа ҡаршы күтәрелер, көслө ер тетрәүҙәр булыр, урыны-урыны менән аслыҡ, ҡурҡыныс йоғошло сирҙәр хөкөм һөрөр, ҡот осҡос күренмештәр ҙә, күктә ҡөҙрәтле билдәләр ҙә күренер. Әммә быларҙың барыһынан элек һеҙҙе ҡулға алырҙар һәм эҙәрлекләрҙәр, хөкөмгә тапшырыу өсөн ғибәҙәтханаларға алып барырҙар һәм төрмәләргә ултыртырҙар, Минең исемем арҡаһында батшалар һәм идарасылар алдына баҫтырырҙар. Был һеҙгә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылырға мөмкинлек бирер. Күңелегеҙгә һалып ҡуйығыҙ: «Үҙебеҙҙе яҡлау өсөн нимә тип яуап бирербеҙ?» – тип алдан уйламағыҙ. Мин Үҙем һеҙгә тейешле һүҙҙәр һәм зирәк аҡыл бирермен, дошмандарығыҙ уларға ҡаршы бер ни әйтә лә, ҡаршы тора ла алмаҫ. Атай-әсәйҙәрегеҙ ҙә, ағай-энеләрегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙ, дуҫтарығыҙ ҙа һеҙгә хыянат итер, ҡайһы берҙәрегеҙҙе үлтерерҙәр. Минең арҡала бөтәһе лә һеҙгә нәфрәт менән ҡарар. Шулай ҙа башығыҙҙағы сәсегеҙҙең бер генә бөртөгө лә төшмәҫ. Сыҙамлығығыҙ менән ғүмерегеҙҙе һаҡлап ҡалырһығыҙ. Йәрүсәлимдең ғәскәр менән ҡамап алынғанын күргән мәлдә белеп тороғоҙ: уның емереләсәк ваҡыты яҡынлаша. Шул саҡта Йәһүҙиәлә булғандар тауҙарға ҡасһын, ҡалалағылар унан сыға һалһын, тирә-яҡтағылар ҡалаға инмәһен. Был мәлдәр үс алыу көндәре булыр һәм ул көндәрҙә Изге Яҙмала әйтелгәндәрҙең барыһы ла тормошҡа ашыр. Ул көндәрҙә йөклө булған йәки имсәк балалы ҡатындарға ҡайғы! Сөнки был ергә ҙур афәт һәм был халыҡҡа асыу киләсәк. Берәүҙәр ҡылыстан һәләк булыр, ҡайһыларын әсир итеп төрлө илдәргә алып китерҙәр. Мәжүсиҙәр иһә, үҙҙәренең дәүере үткәнгә тиклем, Йәрүсәлимде тапап йөрөрҙәр. Ҡояшта ла, айҙа ла, йондоҙҙарҙа ла билдә-күренмештәр булыр, ә ерҙә иһә диңгеҙ тулҡындарының олоуынан халыҡтарҙың ҡото алыныр һәм улар өмөтһөҙлөккә бирелер. Донъяға киләсәк афәттәрҙе көтөп, кешеләр ҡурҡыштарынан аңдарын юғалтыр, сөнки хатта күк көстәре тетрәр. Шул мәлдә ҡөҙрәт һәм бөйөк балҡыш менән болотта килеүсе Әҙәм Улын күрерҙәр. Былар ғәмәлгә аша башлағас, ҡурҡмайынса һындарығыҙҙы турайтып баҫығыҙ, баштарығыҙҙы күтәрегеҙ, сөнки һеҙҙең ҡотолоуығыҙ яҡын. Ғайса уларға бер ҡисса һөйләне: – Инжир ағасына йәки ниндәй ҙә булһа башҡа берәй ағасҡа ҡарағыҙ: уларҙың япраҡ яра башлауын күреп, һеҙ йәйҙең инде яҡын икәнлеген беләһегеҙ. Шуның кеүек, быларҙың ғәмәлгә ашҡанын күргәндә, Алла Батшалығының яҡын икәнлеген белерһегеҙ. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: быларҙың барыһы ла әлеге быуын алмашынып өлгөрмәҫ элек ғәмәлгә ашыр. Күк менән ер юҡҡа сығыр, әммә Минең һүҙҙәрем бер ваҡытта ла юҡҡа сыҡмаясаҡ. Шулай булғас, һәр ваҡыт уяу булығыҙ һәм, буласаҡ бәлә-ҡазаларға түҙерлек, Әҙәм Улы ҡаршыһында торорлоҡ көсөгөҙ булһын өсөн, доға ҡылығыҙ. Ғайса көндөҙ Алла йортонда аң-белемгә өйрәтте, төндәрен иһә, ҡаланан сығып, Зәйтүн тауы тип аталған тауҙа үткәрҙе. Иртә менән бөтә халыҡ Уны тыңлау өсөн Алла йортона йыйылыр булды. Ҡотҡарылыу байрамы тип тә аталған Сөсө икмәк байрамы яҡынлашты. Баш ҡаһиндар һәм ҡанун белгестәре, халыҡтан ҡурҡҡанға, Ғайсанан ҡотолорға ҡулай әмәл эҙләне. Шул ваҡыт ун ике шәкерттең береһе булған Искариот ҡушаматлы Йәһүҙәнең эсенә Иблис инде. Йәһүҙә, баш ҡаһиндар менән Алла йортон һаҡлаусыларҙың башлыҡтарына барып, Ғайсаны уларға тотоп биреү тураһында һөйләште. Тегеләре, ҡыуанып, Йәһүҙәгә аҡса бирергә булдылар. Йәһүҙә риза булды һәм Ғайса янында халыҡ булмағанда Уны тегеләрҙең ҡулына тапшырыр өсөн форсат көтә башланы. Ҡотҡарылыу байрамы бәрәсе салынырға тейеш булған Сөсө икмәк көнө килеп етте. Ғайса Петрус менән Яхъяны ҡалаға ебәрҙе: – Барығыҙ, беҙгә Ҡотҡарылыу байрамы ашын әҙерләгеҙ. Улар Ғайсанан: – Ашты ҡайҙа әҙерләүебеҙҙе теләйһең? – тип һоранылар. – Ҡалаға инеүегеҙ булыр, һеҙгә һыулы көршәк күтәргән кеше осрар. Уның артынан барығыҙ ҙа ул ингән өйгә инегеҙ, – тип яуапланы Ғайса. – Өй хужаһына: «Остазыбыҙ һинән: „Ҡотҡарылыу байрамы ашын шәкерттәрем менән ҡайһы бүлмәлә ашармын икән?“ – тип һорарға ҡушты», – тип әйтегеҙ. Ул һеҙгә өҫкө ҡатта әҙерләнгән ҙур бүлмәне күрһәтер, ашты шунда яраштырығыҙ. Шәкерттәр китте һәм, бөтәһен дә Ғайса әйткәнсә табып, байрам ашы әҙерләне. Ашарға ваҡыт еткәс, Ғайса илселәре менән табын артына ултырҙы. – Ғазап сиккәнгә тиклем ошо Ҡотҡарылыу байрамы табынында һеҙҙең менән бергә ашарға теләгем бик ҙур ине. Һеҙгә әйтәм: был байрам ашы Алла батшалығында тулы мәғәнәгә эйә булғанға тиклем Мин уны ашамаясаҡмын, – тине уларға Ғайса. Ҡулына кәсә алып, шөкөрана иткәндән һуң, һүҙен дауам итте: – Быны алығыҙ ҙа үҙ-ара бүлешеп эсегеҙ. Һеҙгә әйтәм: бөгөндән алып, Алла батшалығы килгәнгә тиклем, Мин йөҙөм шарабы эсмәйәсәкмен. Шунан ҡулына икмәк алып шөкөр итте лә, уны һындырып, шәкерттәренә өләште: – Был – Минең һеҙҙең өсөн ҡорбанға бирелә торған тәнем. Минең иҫтәлегемә шулай эшләгеҙ. Киске аштан һуң да Ғайса ҡулына кәсә алды: – Был кәсә – Минең һеҙҙең өсөн түгелә торған ҡаным менән раҫланған яңы килешеү. Әммә Миңә хыянат итеүсенең ҡулы – Минең ҡулым менән бергә ошо өҫтәлдә. Әҙәм Улы алдан билдәләнгән юл менән бара, әммә Уға хыянат итәсәк кешегә ҡайғы! Шәкерттәре бер-береһенән: – Арабыҙҙан кемебеҙ был эште ҡыла алыр ине икән? – тип һораша башланылар. Шәкерттәр араһында ҡайһыһының иң бөйөк булып иҫәпләнергә тейешлеге тураһында бәхәс сыҡты. Ғайса уларға былай тине: – Батшалар халыҡтар өҫтөнән хакимлыҡ итә, хакимдар үҙҙәрен «яҡшылыҡ ҡылыусылар» тип атай. Һеҙҙә улай булмаһын! Киреһенсә, арағыҙҙа кем иң олоһо, шул үҙен иң кесе кеүек тотһон. Кем башлыҡ булһа, шул хеҙмәтсе кеүек булһын. Кем олораҡ: өҫтәл янында ултырған кешеме, әллә уға хеҙмәт иткәнеме? Өҫтәл янында ултырыусы түгелме? Ә Мин һеҙҙең арала хеҙмәтсе кеүекмен. Мин уҙған бөтә һынауҙарҙа ла һеҙ һәр ваҡыт янымда булдығыҙ. Шуның өсөн, Атам Миңә биргән кеүек үк, Мин дә һеҙгә батшалыҡ итеү хоҡуғын бирәм. Һеҙ Минең Батшалығымдағы табындан ашарһығыҙ, эсерһегеҙ һәм, тәхеттәргә ултырып, Исраилдың ун ике ырыуына идара итерһегеҙ. – Шимғон! Шимғон! Иблис һеҙҙе бойҙай иләгән кеүек иләргә рөхсәт алды. Әммә Мин һин иманын юғалтмаһын тип доға ҡылдым, һин дә, Миңә кире әйләнеп ҡайтҡас, имандаштарыңды нығыт, – тине Раббы Ғайса Петрусҡа. – Хакимым, мин төрмәгә лә, үлемгә лә Һинең менән бергә барырға әҙер, – тине Петрус. Ғайса иһә: – Һиңә әйтәм, Петрус: бөгөн таң әтәсе ҡысҡырғанға тиклем Мине белеүеңде өс тапҡыр инҡар итәсәкһең, – тине. Шунан шәкерттәренән: – Мин һеҙҙе янсыҡһыҙ, артмаҡһыҙ, аяҡ кейемһеҙ ебәргән саҡта берәй нәмәгә мохтажлығығыҙ булдымы? – тип һораны. – Бер ниндәй ҙә мохтажлыҡ кисермәнек, – тип яуап бирҙе шәкерттәр. Ғайса һүҙен дауам итте: – Ә хәҙер аҡса янсыҡтары булғандар янсығын, шулай уҡ артмағын да үҙе менән алһын, ә булмағандары, өҫ кейемдәрен һатып, ҡылыс алһын. Һеҙгә әйтәм, Изге Яҙманың: «Ул енәйәтселәр менән тиң һаналды», – тип яҙылған урыны Миңә ҡарата ғәмәлгә ашырылырға тейеш. Минең хаҡта яҙылғандарҙың бөтәһе лә үтәләсәк. – Хакимыбыҙ! Бында ике ҡылыс бар, – тине шәкерттәр. – Был турала етте! – тине Ғайса. Ғайса, ҡаланан сығып, ғәҙәттәгесә, Зәйтүн тауына йүнәлде, Уның артынан шәкерттәре лә эйәрҙе. Унда барып еткәс, Ғайса: – Һынауға дусар булмаҫ өсөн, доға ҡылығыҙ, – тине. Ғайса Үҙе, уларҙан таш бәреме алыҫлығындай ситкә китеп, тубыҡланып доға ҡылды: – Атам! Әгәр теләһәң, был ғазап туҫтағын Минән үткәреп ебәр. Әммә Мин түгел, Һин теләгәнсә булһын. Шунда күктән Ғайса янына бер фәрештә килеп, Уға ҡеүәт өҫтәне. Ғайса, күңеле ғазапланғанлыҡтан, айырыуса тырышып доға ҡылды, Унан аҡҡан тир ҡан тамсылары кеүек ергә тамды. Доға ҡылған урынынан тороп, шәкерттәре янына әйләнеп килгәс, уларҙың ҡайғынан талсығып йоҡлап киткәнен күрҙе. – Ни эшләп йоҡлап ятаһығыҙ? Тороғоҙ ҙа, һынауға дусар булмаҫ өсөн, доға ҡылығыҙ! – тине уларға Ғайса. Ғайса һүҙен әйтеп тә бөтмәне, бер төркөм кеше килеп етте. Төркөмдө ун ике шәкерттең береһе, Йәһүҙә исемлеһе, башлап килә ине. Ул үбергә тип Ғайсаға яҡынлашты. Ғайса иһә уға: – Йәһүҙә! Һин үбеп Әҙәм Улына хыянат итәһеңме? – тине. Ғайса эргәһендәгеләр, нимә буласағын аңлап, Уға: – Хакимыбыҙ, ҡылыстарҙы эшкә ҡушайыҡмы әллә? – тип һораны. Уларҙың береһе, иң баш ҡаһиндың хеҙмәтсеһенә һелтәнеп, уң ҡолағын сабып өҙҙө. Әммә Ғайса: – Туҡтағыҙ, етте! – тине лә ҡулы менән ҡағылып хеҙмәтсене һауыҡтырҙы. Ғайса Үҙен ҡулға алырға килгән баш ҡаһиндарға, Алла йорто һаҡсыларының башлыҡтарына һәм аҡһаҡалдарға: – Һеҙ ни өсөн Мине тоторға ҡылыс һәм суҡмарҙар күтәреп киләһегеҙ? Юлбаҫармы ни Мин? – тине. – Мин көн һайын Алла йортонда һеҙҙең менән бергә булдым, унда Миңә ҡул күтәрмәгәйнегеҙ. Әммә хәҙер – һеҙҙең ваҡыт, ҡараңғылыҡ хакимлыҡ итә. Ғайсаны тотоп, иң баш ҡаһиндың өйөнә алып килделәр. Петрус, арттараҡ ҡалып, арттарынан эйәреп барҙы. Ихата уртаһында усаҡ яҡтылар, уны тирәләп ултырған кешеләр араһынан Петрус та урын алды. Бер хеҙмәтсе ҡыҙ, уның усаҡ янында ултырғанын күргәс, текләп ҡарап: – Был да Уның менән булды! – тине. Ләкин Петрус инҡар итеп: – Юҡ, һеңлекәш! Мин Уны белмәйем, – тине. Бер аҙҙан һуң икенсе берәү Петрусты абайлап ҡалды: – Һин дә уларҙың береһе бит! Әммә Петрус был кешегә лә: – Юҡ, мин түгелмен, – тип яуап бирҙе. Бер сәғәт самаһы ваҡыт үткәс, тағы берәү: – Ысынлап та, был да Уның менән ине, ул да Галилея кешеһе, – тип ныҡышып раҫланы. Әммә Петрус уға ла: – Мин һинең нимә һөйләгәнеңде аңламайым, – тине. Тап ошо һүҙҙәрҙе әйткән саҡта әтәс ҡысҡырып ебәрҙе. Раббы Ғайса Петрусҡа боролоп ҡараны, шул саҡ Петрус Уның: «Бөгөн әтәс ҡысҡырғансы, һин Мине өс тапҡыр инҡар итәсәкһең», – тигән һүҙҙәрен иҫенә төшөрҙө. Ул, урамға сығып, әрнеп-әрнеп иланы. Ғайсаны һаҡлап тороусылар уны мыҫҡыл итте, туҡманы. Күҙҙәрен ҡаплап: – Пәйғәмбәрлек ит әле: Һиңә кем һуҡты? – тип һоранылар. Бынан башҡа ла Уға күп мәсхәрә һүҙҙәре әйттеләр. Таң менән халыҡ аҡһаҡалдары, баш ҡаһиндар һәм ҡанун белгестәре Юғары кәңәшмәгә йыйылдылар. Ғайсаны улар алдына баҫтырҙылар. – Әйт әле беҙгә: Һин Мәсихме? – тип һоранылар. Ғайса уларға: – Әгәр әйтһәм, һеҙ ышанмаясаҡһығыҙ. Ә инде һеҙҙән һораһам, Миңә яуап бирмәйәсәкһегеҙ. Ошо мәлдән башлап Әҙәм Улы Ҡөҙрәтле Алланың уң яғында ултырыр, – тине. – Улай булғас, Һин Алла Улымы? – тип һораны барыһы ла. – Һеҙ үҙегеҙ Минең Ул икәнлегемде әйтәһегеҙ, – тип яуап бирҙе Ғайса. Шунда улар: – Беҙгә тағы бер шаһитлыҡтың нимәгә кәрәге бар? Быны беҙ Уның Үҙ ауыҙынан ишеттек, – тинеләр. Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла тороп, Ғайсаны Пилатос янына алып килде. – Беҙ был кешене халҡыбыҙҙы аҙҙырыусы тип иҫәпләйбеҙ. Ул Үҙен Мәсих, батша тип атай һәм ҡайсарға һалым түләүҙе тыя, – тип ғәйепләй башланылар. Пилатос Ғайсанан: – Һин йәһүдтәр Батшаһымы? – тип һораны. Ғайса иһә: – Быны һин үҙең әйттең, – тип яуапланы. Пилатос баш ҡаһиндарға һәм халыҡҡа: – Мин был кешене ғәйепләрлек бер сәбәп тә күрмәйем, – тине. Әммә улар: – Ул Галилеянан башлап бында килеп еткәнсе, бөтә Йәһүҙиә ерендә вәғәзләп, халыҡҡа ҡотҡо һалып йөрөнө, – тип ныҡышты. Пилатос, Галилея тураһында ишеткәс: – Ул Галилеянанмы ни? – тип һораны. Ғайсаның Һируд батша идара иткән өлкәнән икәнен белгәс, Пилатос Уны Һируд янына ебәрҙе. Был көндәрҙә Һируд үҙе лә Йәрүсәлимдә ине. Һируд Ғайсаны күреп ҡыуанып китте, сөнки күптән инде Уны күргеһе килеп йөрөй ине. Сөнки Һируд, Ғайса тураһында ишетеп, Уның үҙенә ниндәй ҙә булһа мөғжизә күрһәтеренә өмөтләнде. Ул күп кенә һорауҙар бирҙе, әммә Ғайса бер нимә тип тә яуап ҡайтарманы. Шунда торған баш ҡаһиндар менән ҡанун белгестәре иһә Ғайсаны үтә лә тырышып ғәйепләнеләр. Ә Һируд үҙенең ғәскәриҙәре менән Ғайсаны кәмһетеп, Уны мыҫҡыллап, ҡупшы кейемдәр кейҙереп, Пилатос янына кире ебәрҙе. Быға тиклем бер-береһенә дошман булған Пилатос менән Һируд шул көндән дуҫлашып китте. Пилатос иһә, баш ҡаһиндарҙы, башлыҡтарҙы һәм халыҡты йыйып, былай тине: – Һеҙ миңә был Кешене халыҡты ҡоторта тип алып килдегеҙ. Мин һеҙҙең алдығыҙҙа Унан һорау алдым, ләкин һеҙ таҡҡан ғәйептәрҙең береһен дә тапманым. Һируд та ғәйеп тапманы, сөнки Уны беҙгә кире ҡайтарҙы. Шулай итеп, был Әҙәм үлем язаһы бирерлек бер нәмә лә эшләмәгән. Халыҡ бер тауыштан: – Быныһына – үлем! Беҙгә Бараббасты азат ит! – тип ҡысҡыра башланы. Бараббас иһә ҡалалағы фетнәлә ҡатнашҡаны һәм кеше үлтергәне өсөн төрмәгә ултыртылғайны. Пилатос, Ғайсаны иреккә сығарырға теләп, халыҡҡа тағы мөрәжәғәт итте. Ләкин улар: – Арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! – тип һөрәнләне. Пилатос өсөнсө тапҡыр: – Ул ниндәй яуызлыҡ эшләгән һуң? Үлем язаһына тарттырырлыҡ бер ғәйебе лә юҡ бит. Шулай булғас, Уны сыбыртҡылайым да иреккә ебәрәм, – тине. Әммә тегеләре ныҡышып, көслөрәк тауыш менән Ғайсаның арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланыуын талап итте һәм уларҙың тауышы өҫтөнлөк алды. Пилатос уларҙың талабын үтәргә ҡарар итте. Фетнәлә ҡатнашҡаны һәм кеше үлтергәне өсөн төрмәгә ултыртылған Бараббасты халыҡ һорауы буйынса азат итте, ә Ғайсаны уларҙың ихтыярына тапшырҙы. Ғәскәриҙәр Ғайсаны алып китеп барғанда, баҫыуҙан ҡайтып килгән Шимғон исемле бер Курене кешеһен туҡтатып, арҡысаҡты уның елкәһенә һалдылар ҙа Ғайса артынан барырға ҡуштылар. Ғайса артынан күмәк кешеләр килә һәм араларында Уны йәлләп үкһеп-үкһеп илаған ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар ине. Ғайса иһә, боролоп, уларға былай тине: – Эй Йәрүсәлим ҡыҙҙары! Минең өсөн иламағыҙ, ә үҙегеҙ һәм балаларығыҙ өсөн илағыҙ. «Түлһеҙ ҡатындар, бала тапмаған, бала имеҙмәгән ҡатындар бәхетле!» – тип әйтер көндәр етеп килә. Шул көндәрҙә кешеләр тауҙарға: «Беҙҙең өҫтөбөҙгә ауығыҙ!», ҡалҡыулыҡтарға: «Беҙҙе ҡаплағыҙ!» – тип әйтер. Әгәр йәшелләнеп ултырған ағас менән шулай эшләйҙәр икән, ҡороғандарына ни булыр? Ғайса менән бергә ике енәйәтсене лә үлем язаһына алып баралар ине. «Баш һөйәге» тигән урынға еткәс, Ғайсаны ла, ике енәйәтсене лә – береһен Уның уң яғына, икенсеһен һул яғына – арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланылар. Ғайса: – Атам! Уларҙы ярлыҡа, сөнки нимә эшләгәндәрен үҙҙәре лә аңламайҙар! – тине. Ғәскәриҙәр йәрәбә һалып, үҙ-ара Уның кейемдәрен бүлешеп алдылар. Ә халыҡ ҡарап торҙо. Башлыҡтар иһә мыҫҡыл итеп: – Башҡаларҙы ҡотҡара ине бит. Әгәр Ул Мәсих – Алла тарафынан һайланған икән, Үҙен дә ҡотҡарһын, – тинеләр. Ғәскәриҙәр ҙә мыҫҡылланы. Ғайсаға яҡын килеп, әсе шарап тәҡдим иттеләр ҙә: – Әгәр Һин йәһүдтәр Батшаһы булһаң, Үҙеңде ҡотҡар! – тинеләр. Уның баш осона «Был – йәһүдтәр Батшаһы» тип яҙып ҡуйҙылар. Арҡысаҡта аҫылынып торған енәйәтселәрҙең береһе Ғайсаны мыҫҡыл итеп: – Һин Мәсих түгелме ни? Үҙеңде лә, беҙҙе лә ҡотҡар, – тине. Икенсеһе иһә, киреһенсә: – Алланан ҡурҡмайһыңмы ни? Һин үҙең дә Уның кеүек үк язаға тарттырылғанһың бит, – тип тегене тыйҙы. – Беҙҙе ғәҙел хөкөм иттеләр, ҡылған эштәребеҙгә ҡарата тейешлеһен алдыҡ. Ә Ул бер насарлыҡ та ҡылмаған, – тине. Шунан Ғайсаға өндәште: – Ғайса, Үҙ Батшалығыңа ингәс, мине иҫкә ал. Ғайса уға: – Хаҡ һүҙ әйтәм: һин бөгөн үк Минең менән бергә ожмахта булырһың, – тине. Көн үҙәге ине. Шул ваҡыт бөтә ер йөҙөн ҡараңғылыҡ ҡаплап алды һәм ул көндөҙгө сәғәт өскә тиклем дауам итте. Ҡояш тотолдо, Алла йортондағы пәрҙә уртаға йыртылды. Ғайса көслө тауыш менән: – Атам! Рухымды Һинең ҡулыңа тапшырам, – тип ҡысҡырҙы ла йән бирҙе. Ошо хәлдәрҙе күреп торған йөҙ башы, Алланы данлап: – Был Кеше, ысынлап та, тәҡүә булған икән, – тип ҡуйҙы. Язаны ҡарарға килгән бөтә халыҡ, булып үткән ваҡиғаларҙан һуң, ҡайғынан күкрәктәрен төйә-төйә ҡалаға ҡайтып китте. Ғайсаның таныштарының бөтәһе лә, шулай уҡ Галилеянан Уға эйәреп килгән ҡатындар ҙа йыраҡтан был хәлдәрҙе күҙәтеп торҙо. Юғары кәңәшмә ағзалары араһында Йософ исемле бер игелекле һәм тәҡүә кеше бар ине. Ул, Йәһүҙиә ерендәге Аримаҫая ҡалаһынан булып, Алла Батшалығының килгәнен көтә ине. Йософ Юғары кәңәшмәнең ҡарарын һәм ҡылған эшен хупламаны. Ул, Пилатос янына барып, Ғайсаның кәүҙәһен алырға һораны. Шунан кәүҙәне арҡысаҡтан төшөрҙө лә, етен туҡымаға урап, таш ҡаяны өңөп яһалған һәм бығаса бер кем дә һалынмаған ҡәбергә алып барып ҡуйҙы. Байрамға әҙерләнә торған йома көн ине, шәмбе етеп килә ине. Галилеянан уҡ Ғайсаға эйәреп килгән ҡатындар, Йософ артынан барып, Ғайсаның кәүҙәһен нисек итеп ҡәбергә һалғанын ҡарап торҙолар. Ҡалаға ҡайтҡас, Ғайсаның кәүҙәһенә һөртөү өсөн хуш еҫле майҙар әҙерләнеләр. Шәмбе көнө, Муса ҡанунында ҡушылғанса, ял иттеләр. Аҙнаның беренсе көнөндә ҡатындар, алдан әҙерләп ҡуйған хуш еҫле майҙарын алып, иртән иртүк ҡәбергә йүнәлде. Килеп еткәс, ҡәберҙе ҡаплап торған таштың ситкә шылдырылғанын күрҙеләр. Әммә эскә ингәс, Раббы Ғайсаның кәүҙәһен тапманылар. Был хәлгә аптырашып торғанда, ҡапыл улар алдында йылтыр кейем кейгән ике ир пәйҙә булды. Ҡатындар ҡурҡыштарынан күтәрелеп ҡарарға ла баҙнат итмәне. Ә теге ирҙәр: – Һеҙ ни эшләп Терене үлеләр араһынан эҙләйһегеҙ? Ул бында юҡ; Ул терелде. Галилеяла саҡта Уның әйткән һүҙҙәрен иҫегеҙгә төшөрөгөҙ: «Әҙәм Улы гонаһлылар ҡулына тотоп бирелергә, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланырға һәм өсөнсө көндә терелеп торорға тейеш», – тигәйне бит һеҙгә. Шул саҡ Ғайсаның был һүҙҙәре ҡатындарҙың иҫенә төштө. Улар, ҡалаға ҡайтҡас, был хәл тураһында ун бер шәкерткә һәм башҡаларға һөйләп бирҙе. Илселәргә был турала магдалалы Мәрйәм, Йоанна, Яҡуптың әсәһе Мәрйәм һәм улар менән ҡәбер янында булған бүтән ҡатындар хәбәр итте. Әммә уларҙың һүҙҙәре илселәргә буш хәбәр булып тойолдо, улар ышанманы. Шулай ҙа Петрус ҡәбергә ҡарай тороп йүгерҙе. Эйелеп эскә ҡарағас, кәфенде генә күрҙе. Был хәлгә таң ҡалып, кире ҡайтып китте. Ғайсаның ике шәкерте шул уҡ көндә Йәрүсәлимдән ун бер саҡрым самаһы алыҫлыҡтағы Эммаус тигән ауылға табан юл алды. Улар булып уҙған ваҡиғалар тураһында һөйләшеп бара ине. Фекер алышып, һөйләшеп барған саҡтарында уларға Ғайса Үҙе килеп ҡушылды. Әммә, шәкерттәрҙең күҙҙәре томаланғандай булды ла, Ғайсаны таныманылар. Ғайса иһә: – Нимә тураһында һөйләшеп бараһығыҙ? – тип һораны. Шәкерттәр, ҡайғырышып, туҡтап ҡалдылар. Клеопас исемле берәүһе: – Ошо көндәрҙә Йәрүсәлимдә булған хәл тураһында бында килгәндәрҙән бер Һин генә белмәйһеңдер, – тине. – Ниндәй хәл? – тине Ғайса. Шәкерттәр Уға былай тине: – Назаралы Ғайса менән булған хәл, Ул Алла алдында ла, бөтә халыҡ алдында ла, һүҙе менән дә, эше менән дә ҡөҙрәтле пәйғәмбәр ине. Баш ҡаһиндарыбыҙ менән башлыҡтарыбыҙ Уны үлем язаһына тарттырырға һәм арҡысаҡҡа ҡаҙаҡларға тотоп бирҙеләр. Ә беҙ Уны, Исраилды азат итергә тейешле Кеше, тип өмөтләнгәйнек. Был хәлдәр булып үткәнгә бөгөн өсөнсө көн инде. Шуның өҫтәүенә, арабыҙҙағы ҡайһы бер ҡатындар бөтәбеҙҙе лә аптыратты. Улар иртә менән ҡәбер янына барған, әммә Уның кәүҙәһен тапмаған. Ҡайтҡас, фәрештәләрҙең пәйҙә булыуы һәм уларҙың: «Ғайса тере», – тип әйтеүҙәре тураһында һөйләнеләр. Унан һуң арабыҙҙан ҡайһы бер кешеләр ҡәбер янына барған һәм хәлдең ҡатын-ҡыҙҙар һөйләгәнсә икәнен күргән, Ғайса унда булмаған. Шул саҡ Ғайса уларға былай тине: – Ниңә шулай аңһыҙһығыҙ? Пәйғәмбәрҙәр әйткәндәргә ышаныуы ҡайһылай ҡыйын һеҙгә! Мәсих Үҙенең шөһрәтенә өлгәшер алдынан ошондай ғазаптар аша үтергә тейеш булмағанмы ни? Шунан Ул, Мусаның һәм бөтә пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларынан башлап, барлыҡ Яҙмаларҙа Үҙе тураһында әйтелгән урындарҙы аңлатып бирҙе. Улар үҙҙәре бара торған ауылға яҡынлашҡас, Ғайса юлында булмаҡсы ине, шәкерттәре: – Кис яҡынлашып килә, тиҙҙән ҡараңғы төшә, беҙҙең менән ҡал, – тип Уны алып ҡалдылар. Ғайса улар менән бергә өйгә инде. Ашап ултырған саҡта икмәк алып шөкөрана ҡылды ла шәкерттәренә бүлеп бирҙе. Шунда шәкерттәрҙең күҙҙәре асылып, Ғайсаны танынылар. Әммә Ул бер кемгә лә күренмәҫ булды. Шәкерттәр бер-береһенә: – Ул юл буйлап беҙгә һөйләп барғанда һәм Изге Яҙманың мәғәнәһен аңлатҡанда йөрәктәребеҙ янманымы ни? – тиештеләр. Шунда уҡ тороп, Йәрүсәлимгә ҡайттылар, унда ун бер шәкерттең һәм улар менән бергә башҡаларҙың да йыйылышып торғанын күрҙеләр. Барыһы ла: – Раббы Ғайса, ысынлап та, терелгән һәм Шимғонға күренгән, – тиҙәр ине. Теге ике шәкерт юлдағы хәлде һәм икмәк бүлеп биргән сағында Ғайсаны таныуҙары тураһында һөйләп бирҙе. Улар шул хаҡта һөйләшеп торғанда, Ғайса Үҙе улар араһында пәйҙә булды. – Именлек һеҙгә! – тине. Шәкерттәр ҡурҡыштан ҡатып ҡалды, Уның өрәген күрәбеҙ икән, тип уйланылар. Әммә Ғайса: – Ни эшләп ҡурҡып ҡалдығыҙ? Ни өсөн күңелегеҙҙә шундай шик тыуҙы? Ҡулдарыма һәм аяҡтарыма ҡарағыҙ, был – Мин Үҙем! Ҡулдарығыҙ менән Мине тотоп ҡарағыҙ. Өрәктең тәне лә, һөйәге лә булмай, ә Миндә, үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, бар, – тине. Быны әйткәс, ҡулдарын һәм аяҡтарын күрһәтте. Тегеләр, шатлыҡтан һәм аптырауҙан һаман ышанмағас, Ғайса: – Ашарға берәй нәмәгеҙ бармы? – тип һораны. Уға бешкән балыҡ киҫәге бирҙеләр. Ғайса уны күҙ алдарында ашағандан һуң: – Һеҙҙең менән бергә булған саҡта Мин былар тураһында һөйләгәйнем. Муса ҡанунында, пәйғәмбәрҙәрҙең китаптарында һәм Зәбүрҙә Минең хаҡта яҙылғандарҙың барыһы ла тормошҡа ашырға тейеш, тигәйнем, – тине. Бынан һуң Ғайса уларға Изге Яҙманы аңларға ярҙам итте: – Изге Яҙмала былай тиелгән: Мәсих ғазап сигергә, өсөнсө көндә терелергә, шулай уҡ Йәрүсәлимдән башлап, барлыҡ халыҡтарға тәүбәгә килеү һәм гонаһтары ярлыҡаныу хәбәре Уның исеменән вәғәзләнергә тейеш. Һеҙ быларҙың шаһиты. Мин Атам вәғәҙә иткәнде һеҙгә ебәрермен. Һеҙ иһә, күктәрҙән үҙегеҙгә ҡөҙрәт бирелгәнгә тиклем, Йәрүсәлимдә ҡалығыҙ. Ғайса, шәкерттәрен ҡаланан ситкә алып сығып, Бейт-Әниә тирәһенә тиклем улар менән бергә барҙы. Шунда Ул, ҡулдарын күтәреп, уларға фатихаһын бирҙе. Фатиха биргәндә, алыҫая барып, күккә алынды. Шәкерттәр Уға баш эйҙе, шунан ҙур шатлыҡ менән Йәрүсәлимгә ҡайтты. Бынан һуң, Алланы данлап, һәр ваҡыт Алла йортонда булдылар. Иң башта Һүҙ булған. Һүҙ Алла менән булған, һәм Һүҙ Алла булған. Һүҙ иң элек үк Алла менән булған. Бар нәмә Һүҙ аша яратылған, һәм яратылған бер нәмә лә Унан башҡа барлыҡҡа килмәгән. Ул тормош сығанағы булып торған, ә тормош кешеләр өсөн яҡтылыҡ булған. Яҡтылыҡ ҡараңғылыҡта балҡый. Ҡараңғылыҡ яҡтылыҡты йота алмаған. Алла тарафынан Яхъя исемле кеше ебәрелгәйне. Ул шаһит булып килде. Уның арҡаһында барыһы ла был Яҡтылыҡҡа инанһын өсөн, шаһитлыҡ ҡылырға килде. Ул үҙе Яҡтылыҡ түгел ине, әммә Яҡтылыҡ тураһында шаһитлыҡ ҡылырға ебәрелде. Һәр кемде яҡтыртыусы ысын Яҡтылыҡ донъяға килде. Ул донъяла бар ине, ләкин донъя, Уның аша яратылыуына ҡарамаҫтан, Уны таныманы. Ул Үҙенекеләр янына килде, әммә улар Уны ҡабул итмәне. Ә Үҙен ҡабул итеп, Үҙенә инанғандарға Ул Алла балалары булырға хоҡуҡ бирҙе. Улар ҡандан да, тәндең көҫәүенән һәм әҙәм теләгенән дә түгел, ә Алланан тыуҙы. Һүҙ Кеше булды ла арабыҙҙа йәшәне. Беҙ Уның шөһрәтен – Атаның берҙән-бер Улында булған шөһрәтен күрҙек. Ул мәрхәмәт һәм хәҡиҡәт менән тулы ине. Яхъя Уның хаҡында шаһитлыҡ ҡылып: «Минән һуң Килеүсе минән өҫтөнөрәк, сөнки Ул миңә тиклем үк бар ине» тип һөйләгәнем – бына Ул Үҙе, – тип ҡысҡырып иғлан итте. Уның сикһеҙ мәрхәмәтенән беҙ барыбыҙ ҙа мәрхәмәт өҫтөнә мәрхәмәт алдыҡ. Ҡанун Муса арҡылы бирелгәйне, ә мәрхәмәт менән хәҡиҡәт Ғайса Мәсих аша килде. Алланы бер кем дә, бер ҡасан да күрмәгән. Уны беҙгә Атаға һыйынған берҙән-бер Улы асып бирҙе. – Кем һуң һин? Ильясмы? – тип һоранылар. – Юҡ, – тине Яхъя. – Вәғәҙә ителгән Пәйғәмбәрме? Ул йәнә: – Юҡ, – тип яуапланы. – Улайһа, кем һуң һин? – тип һаман ныҡыштылар. – Беҙҙе бында ебәргән кешеләргә беҙ һинең яуабыңды еткерергә тейешбеҙ. Үҙең тураһында ни әйтерһең? – Мин – Ишағыяһ пәйғәмбәр әйткәнсә: «Раббыға юл турайтығыҙ!» – тип сүлдә яңғыраған тауыш, – тине Яхъя. Улар араһындағы фарисей вәкилдәре: – Һин Мәсих тә, Ильяс та, вәғәҙә ителгән Пәйғәмбәр ҙә булмағас, ни өсөн һыуға сумдырыу йолаһын башҡараһың? – тип һоранылар. Яхъя уларға: – Мин һыуға ғына сумдырам, әммә арағыҙҙа һеҙ белмәгән Берәү бар. Минән һуң килгән Зат – Ул, ә мин Уның аяҡ кейеменең ҡайышын сисергә лә лайыҡ түгелмен, – тип яуап бирҙе. Был ваҡиғалар Яхъя һыуға сумдыра торған урында – Иордан йылғаһы аръяғындағы Бейт-Әниәлә булды. Икенсе көндө Яхъя, үҙенә табан килгән Ғайсаны күреп: – Бына донъяның гонаһын Үҙ өҫтөнә аласаҡ Алла Бәрәсе! – тине. – «Минән һуң Берәү килер, Ул минән өҫтөнөрәк, сөнки Ул миңә тиклем үк бар ине», – тип һөйләгәнем – Ул Үҙе. Мин Уны танымай инем, ләкин, Уны Исраил халҡы белһен өсөн, һыуға сумдырыу йолаһын башҡарырға килдем. Яхъя шаһитлыҡ ҡылды: – Мин Уға күктән күгәрсен сүрәтендә Алла Рухы төшөүен һәм Уның өҫтөндә ҡалыуын күрҙем. Мин Уны белмәҫ инем, әммә һыуға сумдырырға тип мине Ебәреүсе: «Кемдең өҫтөнә Рух төшә һәм Унда ҡала, Изге Рухҡа сумдырыусы Шул булыр», – тигәйне. Мин быны күрҙем һәм шаһитлыҡ ҡылам: Ул – Алла Улы. Икенсе көндө Яхъя, ике шәкерте менән шул уҡ урында торғанда, үтеп барған Ғайсаны күреп: – Ҡарағыҙ, ана, Алла Бәрәсе, – тине. Уның был һүҙҙәрен ишеткәс, шәкерттәрҙең икеһе лә Ғайса артынан китте. Ғайса, артына боролоп, уларҙың эйәреп килгәнен күрҙе лә: – Һеҙгә нимә кәрәк? – тине. – Рабби (Рабби – «Остаз» тигәнде аңлата), Һин ҡайҙа йәшәйһең? – тип һоранылар. – Әйҙәгеҙ, күрерһегеҙ, – тине Ғайса. Сәғәт дүрттәр тирәһе ине. Улар, Ғайса менән барып, ҡайҙа йәшәгәнен күрҙеләр һәм кискә тиклем Уның янында булдылар. Яхъянан ишетеп, Ғайса артынан эйәргән икәүҙең береһе Шимғон Петрустың ҡустыһы Әндриас ине. Ул, иң тәүҙә ағаһы Шимғонды эҙләп табып, уға: – Беҙ Мәсихте таптыҡ, – тине. Мәсих – «мәсехләнгән Зат » тигәнде аңлата. Ул Шимғонды Ғайса янына алып килде. Ғайса Шимғонға текләп ҡарап: – Һин Яхъя улы Шимғонһың, әммә Кефас тип аталырһың, – тине. Кефас һәм Петрус «ҡая» тигәнде аңлата. Икенсе көндө Ғайса Галилеяға барырға булды. Ул Филиппусты осратып: – Миңә эйәр! – тине. Әндриас менән Петрус кеүек Филиппус та Бейт-Сайда ҡалаһынан ине. Филиппус Наҫанаилды эҙләп табып: – Беҙ Муса ҡанунда яҙып ҡалдырған һәм пәйғәмбәрҙәр әйткән Затты таптыҡ! Ул Назаранан, Йософ улы Ғайса, – тине. Наҫанаил иһә быға ҡаршы: – Назаранан йүнле нәмә сығамы ни? – тип яуапланы. – Барайыҡ, үҙең күрерһең, – тине Филиппус. Ғайса, Үҙенә табан килгән Наҫанаилды күреп, уның хаҡында: – Бына ысын Исраил кешеһе, ул алдаша белмәй, – тине. – Һин мине ҡайҙан беләһең? – тине Наҫанаил. – Филиппус саҡырғанға тиклем үк Мин һине инжир ағасы төбөндә күргәйнем, – тип яуапланы Ғайса. Наҫанаил Уға: – Остаз! Һин – Алла Улы! Һин – Исраил Батшаһы! – тине. – Минең: «Һине инжир ағасы төбөндә күрҙем», – тигәнем өсөн генә ышанаһыңмы? Бынан да күберәкте күрерһең әле, – тип Ғайса һүҙен дауам итте. – Мин һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Күктәрҙең асылыуын, Алла фәрештәләренең Әҙәм Улына төшөүен һәм күтәрелеүен күрерһегеҙ. Ике көндән һуң Галилея өлкәһенең Кана ҡалаһында туй булды. Унда Ғайсаның әсәһе лә ҡатнашты. Ғайса ла Үҙенең шәкерттәре менән шул туйға саҡырылғайны. Шарап етмәгәс, Уға әсәһе: – Быларҙың шарабы бөткән, – тине. Ғайса: – Ниңә һин быны Миңә әйтәһең? Минең әлегә сәғәтем етмәгән, – тип яуап бирҙе. – Ул нимә әйтһә, шуны эшләгеҙ, – тине әсәһе хеҙмәтселәргә. Унда йәһүдтәрҙең йолаһы буйынса таҙарынырға тип ҡуйылған һәр береһе ике йәки өс үлсәм һыу һыйҙырышлы алты таш киҫмәк бар ине. Ғайса: – Киҫмәктәргә һыу тултырығыҙ, – тигәс, хеҙмәтселәр киҫмәктәрҙе мөлдөрәмә тултырып ҡуйҙы. Шунан һуң Ғайса уларға: – Ә хәҙер һоҫоп алығыҙ ҙа туй башлығына илтеп бирегеҙ, – тине. Улар шулай эшләне. Туй башлығы һыуҙы тәмләп ҡараны: ул шарапҡа әйләнгәйне. Башлыҡҡа был шараптың ҡайҙан икәнлеге мәғлүм түгел ине, быны һыуҙы һоҫоп алған хеҙмәтселәр генә белде, шуға күрә ул кейәүҙе янына саҡырып алып: – Башта кеше яҡшы шарап бирә, ә инде бөтәһе лә эсеп иҫергәс, насарырағын килтерә. Ә һин яҡшы шарапты иң аҙаҡҡа ҡалдырғанһың, – тине. Был – Ғайсаның мөғжизәле ғәмәлдәренең тәүгеһе ине, Ул уны Галилеяның Кана ҡалаһында ҡылды. Бының менән Ул Үҙенең шөһрәтен күрһәтте. Шәкерттәре Уға инанды. Бынан һуң Ул әсәһе, ҡустылары һәм шәкерттәре менән бергә Капернаум ҡалаһына китте. Унда улар бер нисә көнгә туҡталды. Йәһүдтәрҙең Ҡотҡарылыу байрамы яҡынлашҡас, Ғайса Йәрүсәлимгә килде. Ул, Алла йортонда үгеҙ, һарыҡ, күгәрсен һатып тороусыларҙы һәм өҫтәл артында ултырған аҡса алмаштырыусыларҙы күргәс, бауҙан сыбыртҡы ишеп алып, уларҙың бөтәһен дә үгеҙ-һарыҡтары менән бергә Алла йортонан ҡыуа башланы; аҡса алмаштырыусыларҙың аҡсаларын сәсеп, өҫтәлдәрен ауҙарып ебәрҙе. Күгәрсен һатыусыларға: – Быларҙы бынан алығыҙ! Минең Атамдың Йортон баҙарға әйләндермәгеҙ! – тине. Шунда Уның шәкерттәре Изге Яҙмалағы: «Һинең йортоң өсөн йән атып, янып-көйәм мин», – тигән һүҙҙәрҙе иҫтәренә төшөрҙө. Йәһүд башлыҡтары Ғайсанан: – Бындай эшкә вәкәләтең барлығын Һин беҙгә ниндәй мөғжизә менән иҫбат итә алаһың? – тип һораны. – Бынау Алла йортон емереп ташлағыҙ, Мин уны өс көндә торғоҙасаҡмын, – тине Ғайса. Йәһүдтәр: – Был Йорт ҡырҡ алты йыл төҙөлдө, Һин уны өс көндә генә торғоҙмаҡсы булаһыңмы? – тинеләр. Әммә Ғайса, «бынау Алла йортон» тигәндә Үҙенең тәнен күҙ уңында тотҡайны. Ул үленән терелеп торғандан һуң, шәкерттәре, Уның ошо хаҡта әйткәнен иҫтәренә төшөрөп, Изге Яҙмаға ла, Ғайсаның һүҙҙәренә лә ышанды. Ҡотҡарылыу байрамында Уның Йәрүсәлимдә күрһәткән мөғжизәләрен күреп, күптәр Ғайсаға инанды. Әммә Ул, бар кешене белеп торғанлыҡтан, уларға ышанманы. Кемдең дә булһа берәйһе тураһында һөйләүенә Уның ихтыяжы булманы. Кеше күңелендә ни барлығын Ул Үҙе белә ине. Йәһүд башлыҡтары араһында Никодемус атлы бер фарисей бар ине. Бер ваҡыт ул төндә Ғайса янына килеп: – Остаз! Беҙ һинең Алла тарафынан ебәрелгән Остаз икәнеңде беләбеҙ. Һин ҡылған мөғжизәләрҙе, Алланың ярҙамы булмаһа, бер кем дә эшләй алмаҫ ине, – тине. Ғайса уға: – Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: кеше юғарынан тыумаһа, ул Алла Батшалығын күрә алмаҫ, – тип яуап бирҙе. – Кеше, инде ҡартайып бөткәс, нисек итеп яңынан тыуа алһын? – тип аптыраны Никодемус. – Ул әсәһе ҡарынына ҡабат инеп, икенсе тапҡыр тыуа аламы ни? Ғайса былай тип яуапланы: – Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: кеше һыуҙан һәм Рухтан тыумаһа, Алла Батшалығына инә алмаҫ! Тәндән тыуған – тән; Рухтан тыуған – рух. Минең һиңә: «Һеҙ юғарынан тыуырға тейеш», – тип әйтеүемә ғәжәпләнмә. Ел ҡайҙа теләй, шунда иҫә, һин уның тауышын ишетәһең, ләкин ҡайҙан килеп ҡайҙа киткәнен белмәйһең. Рухтан тыуған һәр кем менән дә шулай була. Никодемус Унан: – Нисек улай була алһын? – тип һораны. – Һин, Исраил халҡы мөғәллиме була тороп, шуларҙы белмәйһеңме ни? – тине Ғайса. – Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: беҙ ни белһәк, шуны һөйләйбеҙ; ни күрһәк, шуға шаһитлыҡ ҡылабыҙ; ә һеҙ беҙҙең шаһитлығыбыҙҙы ҡабул итмәйһегеҙ. Ерҙәге хәлдәр тураһында һөйләгәнемә ышанмайһығыҙ икән, күктәгеләре хаҡында һөйләһәм, нисек ышанырһығыҙ? Ә бит күктән төшкән Әҙәм Улынан башҡа берәүҙең дә унда күтәрелгәне юҡ. Алла донъяны шул тиклем яратты, хатта Улына инанған бер кем дә һәләк булмаһын, ә мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн, Ул Үҙенең берҙән-бер Улын бирҙе. Алла Үҙенең Улын донъяны хөкөм итергә тип түгел, ә донъя Уның аша ҡотолһон өсөн донъяға ебәрҙе. Улына инаныусы хөкөм ителмәй, ә инанмаусы хөкөм ителде инде, сөнки ул Алланың берҙән-бер Улына ышанманы. Ә хөкөм бына шул: донъяға яҡтылыҡ килде, әммә кешеләр, эштәре яман булғанлыҡтан, яҡтылыҡ урынына ҡараңғылыҡты яратты. Яуызлыҡ ҡылған һәр кем яҡтылыҡҡа нәфрәтле, шуға ла, үҙенең яман эштәре асылыуҙан ҡурҡып, яҡтылыҡҡа килмәй. Ә дөрөҫлөк буйынса эш итеүсе, эштәренең Алла аша башҡарылғаны күренеп торһон өсөн, яҡтылыҡҡа килә. Шунан һуң Ғайса шәкерттәре менән бергә Йәһүҙиә еренә китте. Унда бер ни тиклем ҡалып, халыҡты һыуға сумдырҙы. Яхъя ла Салейм янындағы мул һыулы Айнонда килгән кешеләрҙе һыуға сумдыра ине. Ул ваҡытта Яхъя төрмәгә ябылмағайны әле. Яхъяның шәкерттәре менән бер йәһүд кешеһе араһында таҙарыныу йолаһы хаҡында бәхәс сыҡты. Улар Яхъяға килде: – Остаз, Иордан аръяғында һинең менән булған һәм һин Уның тураһында шаһитлыҡ ҡылған Кеше – Ул да халыҡты һыуға сумдыра, бөтәһе лә Уның янына бара. Яхъя былай тип яуапланы: – Күктән бирелмәһә, кеше бер нәмә лә ала алмай. Һеҙ – минең: «Мин Мәсих түгел, әммә мин Уның алдынан ебәрелдем», – тип әйткәнемде ишеткән шаһиттар. Кейәүҙең кәләше бар. Янында баҫып торған дуҫы, уның тауышын ишетеп, ҡыуана. Мин дә быға һөйөнәм, шуға күрә күңелем шатлыҡҡа тулған. Ул – үҫергә, мин кесерәйергә тейеш. Юғарынан Килеүсе һәр кемдән өҫтөн. Ерҙә тыуған иһә – ерҙеке, уның һүҙе лә ерҙәгесә. Күктән Килгән иһә һәммәһенән өҫтөн. Ул Үҙе күргән һәм ишеткәндәре хаҡында шаһитлыҡ ҡыла, ләкин Уның һүҙҙәрен бер кем дә ҡабул итмәй. Уның һүҙҙәрен ҡабул иткән кеше иһә бының менән Алланың хаҡ булыуын раҫлай. Алла ебәргән Зат Алланың һүҙҙәрен һөйләй, сөнки Ул Рухты самаһыҙ бирә. Ата Үҙенең Улын ярата һәм барыһын да Уның ҡулына тапшырған. Улына инанған кешенең мәңгелек тормошо бар, ә Уға буйһонмаусы инде тормош күрмәйәсәк: уның өҫтөндә Алланың асыуы тора. Фарисейҙар Ғайсаның Яхъяға ҡарағанда күберәк шәкерттәр йыйғаны һәм уларҙы һыуға сумдырғаны тураһында ишетте (ысынында Ғайса Үҙе түгел, ә шәкерттәре һыуға сумдыра ине). Ғайса, был хаҡта белгәс, Йәһүҙиәне ҡалдырып, ҡабат Галилеяға китте. Уға Самария өлкәһе аша уҙырға тура килде. Ул Самарияның Сүхәр тигән ҡалаһына килеп етте. Был ҡала Яҡуптың үҙенең улы Йософҡа биргән биләмәнән алыҫ түгел ине. Унда Яҡуп ҡоҙоғо бар ине. Юлда арыған Ғайса шул ҡоҙоҡ янына килеп ултырҙы. Ҡатын: – Нисек итеп Һин, йәһүд була тороп, минән, Самария ҡатынынан, эсергә һорайһың? – тине (был һүҙҙәрҙе ул йәһүдтәр менән самариялыларҙың үҙ-ара ҡатышмауынан сығып әйтте). Ғайса: – Әгәр ҙә һин Алла бүләгенең нимә икәнен һәм үҙеңдән: «Миңә эсергә һыу бир әле», – тип һораусының кем икәнлеген белһәң, үҙең Унан һорар инең һәм Ул һиңә тере һыу бирер ине, – тип яуапланы. – Әфәндем, – тине ҡатын, – Һинең бит һоҫоп алырға һауытың юҡ, ә ҡоҙоҡ тәрән. Тере һыуҙы ҡайҙан алырһың икән? Был ҡоҙоҡто беҙгә атабыҙ Яҡуп ҡалдырған. Ул үҙе лә, балалары ла, мал-тыуары ла шунан эскән. Һин Яҡуптан бөйөгөрәкме ни? Ғайса уға былай тине: – Был һыуҙы эскән һәр кем йәнә һыуһар, ә Мин биргән һыуҙы эскән кеше бер ҡасан да һыуһамаҫ. Мин биргән һыу ул кешелә мәңгелек тормошҡа аға торған шишмәгә әүереләсәк. – Әфәндем! Миңә шул һыуҙы бир әле! Ул ваҡытта һыуһамаҫ та, бында һыу алырға килеп тә йөрөмәҫ инем, – тине ҡатын. Ғайса уға: – Бар, иреңде саҡырып кил, – тине. – Минең ирем юҡ, – тип яуапланы ҡатын. – Ирем юҡ, тип дөрөҫөн әйттең, – тине Ғайса. – Һинең биш ирең булды, ә хәҙер бергә йәшәп ятҡан кешең һиңә ир түгел, һин дөрөҫ әйттең. – Әфәндем! – тине Уға ҡатын. – Күрәм, Һин пәйғәмбәр. Ата-бабаларыбыҙ Аллаға ошо тауҙа табынған, ә һеҙ, йәһүдтәр, Уға табыныу урыны бары тик Йәрүсәлимдә генә, тиһегеҙ. Ғайса уға былай тине: – Эй ҡатын, ышан Миңә, ваҡыт етеп килә: Атаға был тауҙа ла, Йәрүсәлимдә лә табынмаясаҡһығыҙ. Һеҙ – самариялылар – кемгә табыныуығыҙҙы белмәйһегеҙ, ә беҙ беләбеҙ, сөнки ҡотолоу йәһүдтәрҙән килә. Әммә ваҡыт етеп килә – етте лә инде – ул саҡта Атаға ысынлап табыныусылар Уға рух һәм хәҡиҡәт менән табыныр, сөнки Алла ана шундайҙарҙы эҙләй. Алла Ул – Рух, һәм Уға табынғандар рух һәм хәҡиҡәт менән табынырға тейеш. Ҡатын Уға: – Мәсихтең (йәғни мәсехләнгән Заттың ) килерен беләм. Ул килгәс, беҙгә бөтәһен дә аңлатып бирер, – тине. – Һинең менән һөйләшкән Мин – ул Үҙе, – тине Ғайса. Шул ваҡыт шәкерттәре әйләнеп ҡайтты. Уның ҡатын менән һөйләшеп тороуын күреп, ғәжәпкә ҡалдылар, ләкин береһе лә: «Һиңә унан нимә кәрәк?» – тип йәки: «Ниңә был ҡатын менән һөйләшәһең?» – тип һораманы. Ҡатын, һыу көршәген ҡалдырып, ҡалаға ҡайтып китте. Ундағы кешеләргә: – Барығыҙ әле, минең бөтә ҡылған эштәремде һөйләп биргән Кешене күрегеҙ. Бәлки, Ул Мәсихтер? – тине. Кешеләр, ҡаланан сығып, Ғайса янына юл тотто. Ул арала шәкерттәре Ғайсаны: – Остаз, ашап ал инде, – тип ҡыҫтаны. – Минең һеҙ белмәй торған ризығым бар, – тине Ул. Шәкерттәр үҙ-ара: – Әллә Уға берәйһе ашарға килтерҙеме икән? – тиеште. Ғайса уларға былай тине: – Минең ризығым – Мине Ебәреүсенең ихтыярын үтәү һәм Уның эшен теүәлләү. Һеҙ: «Тағы дүрт айҙан ураҡ өҫтө етәсәк», – тиһегеҙ түгелме? Ә Мин һеҙгә әйтәм: күтәрелеп ҡарағыҙ, баҫыуҙар ағарып, ураҡҡа өлгөргән инде! Ураҡсы эш хаҡы ала һәм мәңгелек тормош өсөн уңыш йыя. Шуға күрә сәскән кеше лә, урғаны ла берҙәй ҡыуана. Шулай итеп, был осраҡта: «Берәү сәсә, икенсеһе ура», – тигән әйтем тап килә. Мин һеҙҙе үҙегеҙ көс түкмәгән хеҙмәтте урырға ебәрәм, унда башҡалар эшләне, ә һеҙ уларҙың хеҙмәт емештәрен йыйырһығыҙ. Теге ҡатындың: «Ул минең бөтә ҡылған эштәремде һөйләп бирҙе», – тигән һүҙен ишеткәс, әлеге ҡалалағы Самария кешеләренең күбеһе Ғайсаға инанды. Самариялылар, Уның янына килеп, эргәләрендә ҡалыуын үтенгәс, Ғайса унда йәнә ике көнгә туҡталды. Уның һүҙҙәрен ишетеп, тағы ла күберәк кешеләр Уға инанды. Ҡатынға иһә: «Беҙ инде һинең һөйләүең буйынса ғына түгел, ә әйткән һүҙҙәрен үҙебеҙ ишетеп, Уның ысынлап та донъяны Ҡотҡарыусы икәнен белгәнгә күрә ышанабыҙ», – тинеләр. Ике көндән һуң Ғайса был ҡаланан Галилеяға юл тотто. «Пәйғәмбәргә үҙ илендә ихтирам юҡ», – тип Ул Үҙе әйткәйне. Ләкин Галилеяға килгәс, кешеләр Уны ихлас ҡабул итте. Улар, Йәрүсәлимдәге байрамда булып, Ғайса унда ҡылған барлыҡ мөғжизәләрҙе күргәйне. Шунан һуң Ул теге саҡта һыуҙы шарапҡа әйләндергән урынға – Галилеяның Кана ҡалаһына килде. Капернаумда улы ауырып ятҡан бер һарай әһеле бар ине. Был кеше, Ғайсаның Йәһүҙиәнән Галилеяға килгәнен ишетеп, Уның янына китте һәм үлем түшәгендә ятҡан улын һауыҡтырыуын ялбарҙы. Ғайса уға: – Хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрмәһәгеҙ, һеҙ ышанмаясаҡһығыҙ, – тине. – Әфәндем! Балам үлгәнсе бара күр инде, – тип үтенде һарай әһеле. – Бар, өйөңә ҡайт, улың иҫән-һау, – тине Ғайса. Ул Ғайсаның ошо һүҙенә ышанып ҡайтып китте. Ҡайтып барғанында хеҙмәтселәре ҡаршы осраны һәм улының һауығыуын хәбәр итте. «Уға ҡайһы сәғәттә хәл инде?» тип һорауына тегеләр: – Кисә көндөҙгө сәғәт берҙәр тирәһендә ҡыҙыуы төштө, – тип яуапланы. Атай кеше Ғайсаның: «Улың иҫән-һау», – тигән һүҙҙәренең нәҡ ана шул сәғәткә тап килеүен аңлағас, ул үҙе лә, өйөндәгеләрҙең бөтәһе лә Ғайсаға инанды. Был Ғайсаның Йәһүҙиәнән Галилеяға килгәс күрһәткән икенсе мөғжизәһе ине. Бынан һуң Ғайса Йәрүсәлимгә йәһүдтәрҙең байрамына китте. Йәрүсәлимдә Һарыҡ ҡапҡаһы янында йәһүдсә Бейт-Заҫа тип аталған бер быуа бар ине. Уның тирәләй урынлашҡан айуанда бик күп ауырыуҙар – һуҡырҙар, аҡһаҡтар, фалиж һуҡҡан кешеләр [һыу ҡуҙғалыуын көтөп] ята ине. [Ваҡыты-ваҡыты менән Раббының бер фәрештәһе быуаға төшөп һыуҙы болғатҡан, һыу болғаныу менән уға беренсе булып төшкән кеше теләһә ниндәй сирҙән һауыҡҡан булған.] Унда утыҙ һигеҙ йыл буйы ауырыған берәү бар ине. Ғайса, ул кешене күреп һәм уның шул тиклем оҙаҡ ауырығанын белеп, унан: – Һауығырға теләйһеңме? – тип һораны. – Эйе, Әфәндем, – тип яуапланы ауырыу, – ләкин һыу болғанған ваҡытта мине быуаға төшөрөр кешем юҡ шул. Мин унда барып еткәнсе, башҡа берәү төшөп өлгөргән була. – Тор, түшәгеңде ал да атлап кит, – тине уға Ғайса. Теге кеше шунда уҡ һауыҡты ла, түшәген алып, атлап китте. Был хәл шәмбе көндә булды. Шунлыҡтан йәһүдтәр сәләмәтләнгән кешегә: – Бөгөн шәмбе, ҡанун һиңә түшәк күтәреп йөрөргә рөхсәт итмәй, – тинеләр. Әммә ул: – Мине һауыҡтырған Кеше: «Түшәгеңде ал да атлап кит», – тип әйтте, – тине. – Һиңә: «Түшәгеңде ал да атлап кит», – тигән кем Ул? – тип һоранылар. Һауыҡҡан кеше иһә Уның кем икәнен белмәй ине, сөнки Ғайса халыҡ араһына инеп юғалғайны. Аҙаҡ Ғайса уны Алла йортонда осратып: – Бына һин һауыҡтың. Тағы ла насарыраҡ хәлгә тарымаҫ өсөн, башҡаса гонаһ ҡылма, – тине. Ул кеше, йәһүд башлыҡтарына барып, үҙен һауыҡтырыусының Ғайса икәнен әйтте. Был эште шәмбе көн башҡарғаны өсөн, йәһүд башлыҡтары Ғайсаны эҙәрләй башланы. – Минең Атам һәр ваҡыт эш өҫтөндә булғанға күрә, Мин дә эшләйем, – тип яуап бирҙе Ғайса. Был һүҙҙәрҙән һуң йәһүдтәрҙә Уны үлтереү ниәте тағы ла нығыраҡ көсәйҙе, сөнки Ул шәмбе көнөн боҙоп ҡына ҡалманы, ә Алланы Үҙенең Атаһы тип атап, Үҙен Аллаға тиңләне. Ғайса уларға былай яуапланы: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Атаһының ни эшләгәнен күрмәй тороп, Улы Үҙе һис ни башҡара алмаҫ. Атаһы ни ҡылһа, Улы ла шуны эшләр. Сөнки Ата Үҙенең Улын ярата һәм Үҙе эшләгән һәр эшен Уға күрһәтеп башҡара. Ул һеҙҙең иҫегеҙ китерлек бынан да ҙурыраҡ эштәрҙе күрһәтер. Ата, үлгәндәрҙе терелтеп, уларға ғүмер биргән кеүек, Улы ла кемгә теләй, шуға ғүмер бирә. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һүҙемде тыңлап, Мине Ебәреүсегә инанған кеше мәңгелек тормошҡа эйә була. Ул хөкөм ҡаршыһына баҫмаясаҡ, сөнки ул инде үлемдән тормошҡа күсте. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Алла Улының тауышын ишеткәс, үлеләр тереләсәк ваҡыт етеп килә һәм ул килеп етте лә инде! Үҙендә тормош булған кеүек, Улына ла Үҙ-Үҙендә тормошҡа эйә булыу ҡөҙрәте бирҙе һәм хөкөм итеү вәкәләтен бирҙе, сөнки Ул – Әҙәм Улы. Быға ғәжәпләнмәгеҙ, сөнки ҡәберҙәгеләрҙең һәммәһе Алла Улының тауышын ишетәсәк ваҡыт етеп килә. Улар ҡәберҙәренән сығасаҡ: яҡшылыҡ эшләгәндәр – йәшәү өсөн, ә яуызлыҡ эшләгәндәр хөкөм ителеү өсөн тереләсәк. Мин Үҙемдән-Үҙем бер ни ҙә эшләй алмайым. Нисек ишетәм, шулай хөкөм итәм, һәм Минең хөкөмөм ғәҙел, сөнки Мин Үҙ ихтыярымды түгел, ә Мине Ебәреүсенең ихтыярын үтәргә тырышам. Әгәр ҙә Үҙем хаҡымда Үҙем шаһитлыҡ ҡылам икән, Минең һүҙҙәрем бер ни ҙә тормаҫ ине. Әммә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылған башҡа Берәү бар, Мин беләм: Уның шаһитлығы хаҡ. Һеҙ Яхъя ҡаршыһына үҙегеҙҙең кешеләрегеҙҙе ебәрҙегеҙ һәм ул хәҡиҡәт тураһында шаһитлыҡ ҡылды. Ләкин Мин кешеләрҙең шаһитлығына мохтаж түгел, быларҙы һеҙҙең ҡотолоуығыҙ өсөн һөйләйем. Яхъя янып һәм балҡып торған яҡтыртҡыс ине, ә һеҙ уның яҡтылығына аҙ ваҡытҡа ғына ҡыуанырға теләнегеҙ. Әммә Минең шаһитлығым Яхъяныҡынан ҙурыраҡ: ул – Атамдың Миңә башҡарырға биргән эштәре. Башҡарған шул эштәрем Минең Атам тарафынан ебәрелеүемде раҫлай. Мине ебәргән Атам Үҙе лә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылды. Һеҙ Уның тауышын бер ҡасан да ишетмәнегеҙ, йөҙ-ҡиәфәтен күрмәнегеҙ һәм күңелдәрегеҙҙә Уның һүҙе юҡ, сөнки Ул ебәргән Затҡа ышанмайһығыҙ. Һеҙ, мәңгелек тормошто табырға уйлап, Изге Яҙмаларҙы тикшерәһегеҙ. Ә бит уларҙа Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылына! Әммә тормош алыр өсөн Минең яныма килергә теләмәйһегеҙ. Мин кешеләрҙең данлауына мохтаж түгелмен. Шуны беләм: һеҙҙә Аллаға ҡарата мөхәббәт юҡ! Мин Атам исеменән килдем – һеҙ Мине ҡабул итмәйһегеҙ. Әгәр кемдер үҙ исеменән килһә, уны ҡабул итәһегеҙ. Һеҙ бер-берегеҙҙән маҡтау алырға яратаһығыҙ, ә берҙән-бер Алланан маҡтау ҡаҙанырға тырышмайһығыҙ. Шулай булғас, нисек ышана алырһығыҙ? Атам алдында һеҙҙе ғәйепләр тип уйламағыҙ. Һеҙҙең ғәйепләүсегеҙ бар – ул үҙегеҙ өмөт бағлаған Муса. Әгәр ҙә Мусаға ышанһағыҙ, Миңә лә ышаныр инегеҙ, сөнки ул Минең хаҡта яҙҙы. Уның яҙғандарына ышанмағас, Минең һүҙҙәремә нисек ышанырһығыҙ? Шунан һуң Ғайса Галилея күленең икенсе ярына китте. Был Тибериас күле тип тә атала. Ғайсаның ауырыуҙарҙы һауыҡтырған мөғжизәләрен күреп, Уның артынан бик күп халыҡ эйәрҙе. Ғайса шәкерттәре менән бергә тауға сығып ултырҙы. Йәһүдтәрҙең Ҡотҡарылыу байрамы яҡынлашып килә ине. Ғайса күтәрелеп ҡараны ла, Үҙенә табан ҙур халыҡ төркөмө килгәнен күреп, Филиппусҡа: – Уларҙы ашатыр өсөн ҡайҙан икмәк һатып алырбыҙ икән? – тине. Ул был һүҙҙәрҙе Филиппусты һынар өсөн генә әйтте, асылда нимә эшләйәсәген белә ине инде. – Ике йөҙ динарлыҡ икмәк алғанда ла, һәр береһенә өлөшләп кенә бүлеп бирергә лә етмәҫ, – тип яуапланы Филиппус. Шәкерттәрҙең береһе, Шимғон Петрустың ҡустыһы Әндриас: – Бында бер малайҙың биш арпа икмәге һәм ике балығы бар, әммә был тиклем күмәк халыҡҡа ул нимә генә инде? – тине. – Кешеләргә ултырырға ҡушығыҙ, – тине Ғайса. Был ерҙә үлән ҡуйы ине. Шулай итеп, барыһы ла үләнгә ултырҙы. Унда ирҙәр генә биш мең самаһы ине. Ғайса, икмәкте алып, Аллаға рәхмәт уҡыны. Шунан ултырған кешеләргә өләште. Балыҡтарҙы ла һәр кемгә теләгән тиклем бирҙе. Бөтәһе лә туйғансы ашағас, Ул шәкерттәренә: – Ҡалған һыныҡтарҙы йыйып алығыҙ, бер нәмә лә әрәм булмаһын, – тине. Улар, биш арпа икмәгенән ҡалған һыныҡтарҙы йыйып, ун ике кәрзингә тултырҙы. Ғайса ҡылған мөғжизәне күреп, кешеләр: – Донъяға килергә тейеш булған Пәйғәмбәр ысынлап та Ул икән! – тиеште. Ғайса, уларҙың Үҙен тотоп алып батша итеп ҡуйырға йыйынғандарын белеп, ҡабаттан яңғыҙы ғына тауға менеп китте. Кис көнө шәкерттәре күл буйына төштө лә кәмә менән аръяҡтағы Капернаумға табан йөҙөп китте. Ҡараңғы төштө, ә Ғайса әле улар янына килмәне. Күлдә ҡаты ел ҡупты, тулҡындар көсәйҙе. Шәкерттәр инде биш-алты саҡрым ара үткәйне, шунда улар, күл өҫтөнән атлап кәмәгә етеп килгән Ғайсаны күреп, ҡурҡып киттеләр. – Был Мин, ҡурҡмағыҙ! – тине Ғайса. Шәкерттәре Уны кәмәгә ултыртырға теләгәйне, тап ошо мәлдә кәмә улар китеп барған ярҙа булып сыҡты. Икенсе көндө лә күлдең теге ярында торған халыҡ бында бер генә кәмә булғанын, Ғайсаның унда ултырмағанын, шәкерттәрҙең үҙҙәренең генә киткәнен күргәйне. Тибериас ҡалаһынан бүтән кәмәләр ҙә килеп туҡтаны. Улар туҡтаған урын кешеләр Раббы Ғайса шөкөрана итеп биргән икмәкте ашаған ергә яҡын ине. Халыҡ, унда Ғайсаның да, шәкерттәренең дә юҡлығын күргәс, кәмәләргә ултырып, Ғайсаны эҙләргә Капернаумға китте. Уны күлдең арғы яҡ ярында эҙләп тапҡас: – Остаз! Һин бында ҡасан килдең? – тип һоранылар. Ғайса уларға: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙ Мине мөғжизәләремдең мәғәнәһен аңлаған өсөн түгел, ә туйғансы икмәк ашаған өсөн эҙләйһегеҙ! Фани ризыҡты түгел, мәңгелек тормош бирә торған фани булмаған ризыҡты табырға тырышығыҙ. Уны һеҙгә Әҙәм Улы бирәсәк, сөнки Аллабыҙ Ата Әҙәм Улын хуплап, Үҙенең тамғаһын Уға һалды, – тине. – Алла хуш күрерҙәй эштәрҙе ҡылыр өсөн беҙ нимә эшләргә тейеш? – тип һораны кешеләр. – Алла хуш күргән эш шул: Ул Кемде ебәргән булһа, Шуға инанығыҙ. Улар Ғайсаға: – Беҙҙе Һиңә ышандырырлыҡ ниндәй билдә күрһәтерһең? Ни ҡылырһың? – тинеләр. – Изге Яҙмала: «Ул ашар өсөн уларға күктән икмәк бирҙе», – тиелгән кеүек, беҙҙең ата-бабаларыбыҙ сүлдә саҡта майҙә ашаған. – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: икмәкте күктән һеҙгә Муса бирмәне, ысын икмәкте күктән һеҙгә Минең Атам бирә. Күктән төшөп, донъяға тормош Биреүсе – Алла икмәге ул, – тип яуап ҡайтарҙы Ғайса. – Әфәндем, беҙгә һәр ваҡыт шундай икмәк биреп тор! – тинеләр. Ғайса уларға былай тине: – Мин – тормош икмәгемен. Миңә килгән кеше бер ҡасан да асыҡмаҫ. Миңә инанған бер ҡасан да һыуһамаҫ. Ләкин, әйткәнемсә, һеҙ Мине күрһәгеҙ ҙә, барыбер ышанмайһығыҙ. Атам Миңә юллаған һәр кем Миңә килер, ә Мин Үҙ яныма килгәндәрҙең береһен дә ҡыуып ебәрмәйәсәкмен. Сөнки Мин күктән, ни теләйем, шуны эшләргә түгел, ә Мине ебәргән Атамдың ихтыярын үтәргә килдем. Ә Мине Ебәргәндең ихтыяры шул: Ул Миңә биргән кешеләрҙең береһен дә һәләк итмәйенсә, аҙаҡҡы көндә барыһын да терелтергә тейешмен. Атам Улын күргән һәм Улына инанған һәр кемдең мәңгелек тормошҡа эйә булыуын теләй. Мин ундай кешеләрҙе аҙаҡҡы көндә терелтәсәкмен. Шунда булған йәһүдтәрҙе Уның: «Мин – күктән төшкән икмәк», – тип әйтеүе асыуландырҙы. Улар үҙ-ара: – Был Йософ улы Ғайса түгелме һуң? Беҙ Уның атаһын да, әсәһен дә беләбеҙ, шулай булғас, нисек Ул: «Мин күктән төштөм», – тип әйтә ала? – тиештеләр. – Һуҡранмағыҙ, – тине Ғайса. – Әгәр Мине ебәргән Атам алып килмәһә, яныма бер кем дә килә алмай. Миңә килгән кешене иһә Мин аҙаҡҡы көндә терелтәсәкмен. Пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларында: «Һәммәһе лә Алла тарафынан өйрәтеләсәк», – тиелгән. Атамды тыңлаған һәм Унан өйрәнгән һәр кем Миңә килә. Был кем дә булһа Атаны күргән тигән һүҙ түгел әле. Атаны бары тик Алланан килгән Зат ҡына күрҙе. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: иман юлындағы кеше мәңгелек тормошҡа эйә. Мин – тормош икмәгемен. Ата-бабаларығыҙ сүлдә майҙә ашаған, шуға ҡарамаҫтан, үлделәр. Ә күктән төшкән икмәк иһә шундай: уны ашағандар үлмәйәсәк. Мин – күктән төшкән тере икмәк: уны ашаған кеше мәңге йәшәйәсәк. Мин бирәсәк икмәк – ул Минең тәнем. Уны Мин донъя йәшәһен өсөн бирәм. Шул һүҙҙәр айҡанлы йәһүдтәр араһында: – Был Кеше ризыҡ итеп беҙгә нисек Үҙенең тәнен бирә алыр икән? – тип ҡаты бәхәс ҡупты. Ғайса иһә уларға: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Әҙәм Улының тәнен ашамаһағыҙ һәм Уның ҡанын эсмәһәгеҙ, һеҙҙә йәшәү булмаясаҡ, – тине. – Минең тәнемде ашаған һәм Минең ҡанымды эскән кеше мәңгелек тормошҡа эйә булыр. Мин уны аҙаҡҡы көндә терелтәсәкмен. Минең тәнем – ысын ризыҡ, ҡаным – ысын эсемлек. Тәнемде ашаған һәм ҡанымды эскән кеше Миндә йәшәй, Мин иһә унда йәшәйем. Тере Атам Мине ебәргән һәм Мин Атам арҡаһында йәшәгән кеүек, Минең тәнемде ашаған кеше лә Минең арҡамда йәшәйәсәк. Был – күктән төшкән икмәк. Ул һеҙҙең ата-бабаларығыҙ ашаған икмәк кеүек түгел. Улар үлгән, ә был икмәкте ашаған кеше мәңге йәшәйәсәк. Ғайса быларҙы Капернаумдағы ғибәҙәтханала өйрәткән саҡта әйтте. Ғайсаның күп шәкерттәре быны ишеткәс: – Уның һөйләгәндәре ҡолаҡҡа ятырлыҡ түгел! Быны нисек тыңламаҡ кәрәк? – тинеләр. Ғайса, һүҙҙәренең шәкерттәр күңелендә ризаһыҙлыҡ тыуҙырғанын белә ине, шуға күрә: – Былар һеҙҙең йәнегеҙгә тейәме? Әҙәм Улының элек булған урынына күтәрелгәнен күрһәгеҙ, нимә буласаҡ? Бары тик Рух ҡына йәшәү бирә, кеше бында көсһөҙ. Минең һеҙгә һөйләгән һүҙҙәрем дә Рухтан килә һәм йәшәү бирә. Әммә арағыҙҙа ышанмағандар ҙа бар, – тине. Ғайса кемдең Үҙенә ышанғанын һәм кемдең хыянат итәсәген баштан уҡ белә ине. Ул һүҙен дауам итте: – Бына шуның өсөн дә Мин һеҙгә: «Атам ебәрмәһә, һис кем Минең яныма килә алмай», – тинем. Шул ваҡыттан башлап Ғайсаның күп шәкерттәре Уны ташлап китте, башҡаса Уның менән бергә йөрөмәне. Шунда Ғайса ун ике шәкертенән: – Бәлки, һеҙ ҙә китергә теләйһегеҙҙер? – тип һораны. Шимғон Петрус: – Хакимым, беҙ кемгә барайыҡ? Мәңгелек тормош һүҙҙәре – Һиндә бит. Беҙ Һиңә ышанабыҙ, Һине Алланың Изгеһе тип таныйбыҙ, – тип яуап ҡайтарҙы. – Мин Үҙем һеҙҙе – ун икегеҙҙе һайлап алдым түгелме? – тине Ғайса. – Әммә арағыҙҙағы берәү – Иблис. Ғайса Шимғон Искариот улы Йәһүҙә тураһында әйтте. Сөнки ун икенең береһе булған Йәһүҙә Ғайсаға хыянат итәсәк ине. Бынан һуң Ғайса Галилея буйлап йөрөнө. Йәһүд башлыҡтары Уны үлтерергә ниәтләгәнлектән, Йәһүҙиәгә бармаҫҡа булды. Йәһүдтәрҙең Ҡыуыш байрамы яҡынлашҡас, ҡустылары Уға: – Был ерҙән кит, Йәһүҙиәгә бар! Эштәреңде шәкерттәрең дә күрһен. Үҙен танытырға теләгән кеше эшен йәшереп башҡармай. Һин шундай эштәр ҡылаһың икән, Үҙеңде донъяға күрһәт! – тинеләр. Уға хатта ҡустылары ла ышанмай ине. – Минең ваҡытым етмәгән әле, ә һеҙҙең өсөн һәр ваҡыт ҡулай. Донъя һеҙгә нәфрәтләнмәй, ә Мине күрә алмай, сөнки Мин уның эштәренең яуыз булғанын күрһәтеп торам. Һеҙ был байрамға барығыҙ, ә Мин йөрөмәйем, ваҡытым етмәне әле. Шулай тип әйтеп, Ғайса Галилеяла ҡалды. Әммә ҡустылары киткәс, һис кемгә белдермәйенсә, йәшерен рәүештә Ғайса ла байрамға китте. Йәһүд башлыҡтары иһә: «Ул ҡайҙа икән?» – тип һорашып, Уны байрам ваҡытында эҙләп йөрөнө. Халыҡ араһында Уның хаҡта һүҙ күп ине. Берәүҙәр: «Ул – яҡшы Кеше», – тине, икенселәр: «Юҡ, Ул халыҡты юлдан яҙҙыра», – тип ҡаршы төштө. Әммә, башлыҡтарҙан ҡурҡҡанлыҡтан, бер кем дә Уның хаҡында ҡысҡырып һөйләп йөрөмәне. Байрамдың яртыһы үткәйне инде, Ғайса, Алла йортона инеп, аң-белемгә өйрәтә башланы. Йәһүдтәр: – Был Кеше, бер ерҙә лә уҡымаған булһа ла, Яҙмаларҙы ҡайҙан шул тиклем яҡшы белә икән? – тип ғәжәпләнде. Ғайса: – Өйрәткәндәрем – Үҙемдән түгел, ә Мине Ебәргәндеке. Кем дә кем Уның ихтыярын башҡарырға теләй, был өйрәтеүҙәремдең Аллананмы, әллә Мин Үҙемдән һөйләйемме икәнде беләсәк. Үҙ исеменән һөйләгән үҙенә дан эҙләй, ә Үҙен Ебәргәндең данын эҙләгән Зат эскерһеҙ, һәм Уның күңелендә ялғанға урын юҡ. Муса һеҙгә ҡанун бирҙе түгелме? Әммә берегеҙ ҙә ҡанунды үтәмәйһегеҙ. Юғиһә ни өсөн һеҙ Мине үлтерергә теләйһегеҙ? – тип һораны. – Һиңә ен эйәләшкәнме әллә? – тине кешеләр. – Кем Һине үлтерергә теләй? Ғайса һүҙен дауам итте: – Мин шәмбе көндө бер генә эш ҡылдым, һеҙ шуға аптырайһығыҙ. Муса һеҙгә сөннәт бирҙе (дөрөҫ, был Мусанан түгел, ата-бабаларҙан килә), һәм һеҙ шәмбе көндө лә ир баланы сөннәткә ултыртаһығыҙ. Әгәр ҙә, Муса ҡануны боҙолмаһын тип, шәмбе көндө лә ир бала сөннәтләнә икән, ниңә һеҙ шәмбе көндө бер кешене тулыһынса һауыҡтырғаным өсөн Миңә асыу тотаһығыҙ? Тыштан нисек күренеүенә ҡарап хөкөм итмәгеҙ, хаҡлыҡ менән хөкөм итегеҙ! Шунда ҡайһы бер Йәрүсәлим кешеләре: – Башлыҡтар үлтерергә теләгән Кеше түгелме һуң был? Ана, Ул асыҡтан-асыҡ һөйләй, ә Уға ҡаршы бер һүҙ ҙә әйтә алмайҙар. Әллә башлыҡтар Уны ысынлап та Мәсих тип уйлаймы икән? Ләкин беҙ был кешенең кемлеген беләбеҙ. Ә инде Мәсихкә килгәндә, Уның ҡайҙан икәнен бер кем дә белмәҫ, – тинеләр. Ғайса, Алла йортонда өйрәтеүен дауам итеп, көслө тауыш менән: – Һеҙ Минең кем икәнлегемде лә, ҡайҙан килеүемде лә беләһегеҙ. Ләкин Мин Үҙ белдегем менән килмәнем, Мине Ебәреүсе – Ул ысын. Уны һеҙ белмәйһегеҙ. Ә Мин беләм, сөнки Мин Унан килдем, Мине Ул ебәрҙе! – тине. Улар Ғайсаны тотоп алырға теләне, ләкин береһе лә Уға ҡул да тейҙермәне, сөнки Уның сәғәте етмәгәйне әле. Халыҡ араһында иһә күптәр Уға ышанды. Улар: «Мәсих килгәс, был Кешегә ҡарағанда күберәк мөғжизәләр күрһәтә алырмы икән?» – тиеште. Фарисейҙар халыҡтың Ғайса тураһында шулай бәхәсләшкәнен ишетте. Улар, баш ҡаһиндар менән бергәләп, Уны ҡулға алырға Алла йортоноң һаҡсыларын ебәрҙе. Шунда Ғайса: – Мин һеҙҙең арағыҙҙа оҙаҡ булмам, тиҙҙән Үҙемде Ебәргәндең янына кире ҡайтасаҡмын. Мине эҙләрһегеҙ, ләкин тапмаҫһығыҙ. Ә Мин буласаҡ урынға бара алмаҫһығыҙ, – тине. Йәһүдтәр үҙ-ара: – Беҙ таба алмаҫлыҡ ниндәй урынға китмәксе була икән? Бәлки, Ул гректар араһында йәшәгән беҙҙең кешеләр янына барырға һәм унда гректарҙы өйрәтергә йыйыналыр? Уның «Мине эҙләрһегеҙ, ләкин тапмаҫһығыҙ. Ә Мин буласаҡ урынға бара алмаҫһығыҙ» тигән һүҙҙәре нимәне аңлата икән? – тип һөйләштеләр. Байрамдың аҙаҡҡы – иң бөйөк көнөндә Ғайса тороп баҫты ла көслө тауыш менән иғлан итте: – Кем һыуһай, Миңә килһен һәм эсһен! Кем Миңә инана, Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Уның күңел түренән йылғалар булып тере һыу ағасаҡ». Ул быны Үҙенә инанғандар аласаҡ Рух хаҡында әйтте. Был ваҡытта уларға Изге Рух бирелмәгәйне, сөнки Ғайса шөһрәт алмағайны әле. Уның һүҙҙәрен ишеткән кешеләрҙең ҡайһы берәүҙәре: – Был – ысынлап та вәғәҙә ителгән Пәйғәмбәр! Икенселәре: – Ул – Мәсих, – тине. Башҡалары уларға ҡаршы төштө: – Мәсих Галилеянан килергә тейешме ни? Изге Яҙмала, Мәсих Дауыт нәҫеленән буласаҡ һәм Дауыттың йәшәгән ҡалаһы Бейт-Ләхәмдән киләсәк, тип әйтелгән түгелме? Шулай итеп, Ғайса хаҡында халыҡ араһында бәхәс ҡупты. Ҡайһы берәүҙәр Уны тотоп алырға ла теләне, ләкин береһе лә Уға ҡул тейҙермәне. Һаҡсылар Ғайсаһыҙ ғына әйләнеп ҡайтҡас, баш ҡаһиндар һәм фарисейҙар: – Ни өсөн Уны тотоп алып килмәнегеҙ? – тип һораны. – Ул Кеше кеүек берәүҙең дә һөйләгәне юҡ, – тип яуап бирҙе һаҡсылар. – Әллә Ул һеҙҙе лә юлдан яҙҙырҙымы? – тине фарисейҙар. – Башлыҡтарҙың йәки фарисейҙарҙың берәйһе Уға инандымы ни? Әммә ҡанунды белмәгән был халыҡ ләғнәтле. Әммә араларынан береһе – элегерәк Ғайса янында булып киткән Никодемус – уларҙан: – Беҙҙең ҡанун кешене тәүҙә тыңламайынса һәм уның нимә ҡылғанын асыҡламайынса хөкөм итергә рөхсәт бирәме ни? – тип һораны. Уға: – Әллә һин дә Галилеянанмы? Яҙмаларҙы тикшереп ҡара, аңларһың: Галилеянан бер ниндәй ҙә пәйғәмбәр сыҡмаясаҡ, – тип яуап бирҙеләр. Шунан барыһы ла өйҙәренә таралышты. Ғайса Зәйтүн тауына китте. Иртә менән яңынан Алла йортона килде һәм Уның янына бик күп халыҡ йыйылды. Ул, ултырып, уларҙы аң-белемгә өйрәтә башланы. Шул арала ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар зина ҡылып тотолған бер ҡатынды алып килделәр. Ҡатынды уртаға сығарып, Ғайсаға: – Остаз! Был ҡатын зина ҡылғанда тотолдо. Ҡанунда Муса бындайҙарҙы таш менән бәреп үлтерергә ҡушҡан. Һин ни әйтерһең? – тинеләр. Улар быны Ғайсаны һынар өсөн, бәлки, ғәйепләргә берәй һылтау табырбыҙ, тигән уйҙан сығып әйтте. Әммә Ғайса, түбән эйелеп, бармағы менән ергә ниҙер яҙа башланы. Тегеләр һаман ныҡышҡас, күтәрелеп уларға: – Ҡайһығыҙ бер ҡасан да гонаһ ҡылмаған, шул башлап уға таш атһын! – тине лә, эйелеп, ергә яҙыуын дауам итте. Быны ишеткәс, башта өлкәндәр, унан башҡалары ла бер-бер артлы сығып китте. Ғайса менән уртала торған ҡатын ғына ҡалды. Ул күтәрелеп ҡараны ла: – Һеңлекәш, башҡалар ҡайҙа? Һине бер кем дә хөкөм итмәнеме? – тине. Ҡатын: – Бер кем дә, Әфәндем, – тип яуапланы. – Мин дә һине хөкөм итмәйем. Бар, бүтәнсә гонаһ ҡылма, – тине Ғайса. Ғайса йәнә халыҡҡа өндәште: – Мин – донъяға яҡтылыҡмын. Миңә эйәргәндәр ҡараңғыла аҙашып йөрөмәҫ, сөнки уларҙың тормошҡа алып барыусы яҡтылығы буласаҡ. – Һин Үҙең тураһында Үҙең шаһитлыҡ ҡылаһың. Һинең шаһитлығың хаҡ түгел, – тине Уға фарисейҙар. Ғайса уларға: – Үҙемә Үҙем шаһитлыҡ ҡылһам да, шаһитлығым хаҡ, сөнки Мин ҡайҙан килеп ҡайҙа барғанымды беләм, ә һеҙ Минең ҡайҙан килеп ҡайҙа барғанымды белмәйһегеҙ, – тип яуап бирҙе. – Һеҙ кешеләр үлсәме менән хөкөм йөрөтәһегеҙ, ә Мин бер кемде лә хөкөм итмәйем. Иткән хәлдә лә, хөкөмөм хаҡ, сөнки яңғыҙ түгелмен: Мин Үҙемде ебәргән Атам менән бергәмен. Һеҙҙең ҡанунығыҙҙа: «Ике шаһиттың һүҙе хаҡ», – тиелгән. Шулай итеп, Мин Үҙем тураһында Үҙем шаһитлыҡ итәм һәм Минең турала Мине ебәргән Атам шаһитлыҡ бирә. Ғайсанан: – Һинең Атаң ҡайҙа һуң? – тип һоранылар. Ғайса: – Һеҙ Мине лә, Минең Атамды ла белмәйһегеҙ. Әгәр Мине белһәгеҙ, Атамды ла белер инегеҙ, – тип яуап бирҙе. Ғайса был һүҙҙәрҙе Алла йортонда өйрәткәндә саҙаҡа һандығы янында әйтте. Бер кем дә Үҙен ҡулға алып маташманы, сөнки Уның сәғәте килеп етмәгәйне әле. Ғайса уларға йәнә: – Мин китермен. Һеҙ Мине эҙләрһегеҙ, әммә гонаһығыҙ эсендә үлерһегеҙ. Мин барасаҡ урынға бара алмаҫһығыҙ, – тине. – Уның: «Мин барасаҡ урынға бара алмаҫһығыҙ», – тигәне нимәне аңлата икән? Әллә Ул Үҙен Үҙе үлтермәксеме? – тиеште йәһүдтәр. Ғайса: – Һеҙ – бынан, түбәндән, Мин – юғарынан. Һеҙ – был донъяныҡы, ә Мин был донъяныҡы түгел, – тип яуапланы. – Мин һеҙгә: «Гонаһтарығыҙ эсендә үлерһегеҙ», – тинем. Быны әйттем, сөнки, әгәр ҙә һеҙ Минең Шул икәнемә ышанмаһағыҙ, гонаһлы булып үлерһегеҙ. – Кем һуң Һин? – тип һоранылар Унан. – Быны һеҙгә күптән әйтә киләм, – тине Ғайса. – Һеҙҙең хаҡта күпте һөйләп, һеҙҙе хөкөм итә алыр инем. Әммә Мин донъяға бары тик Үҙемде Ебәргәндән ишеткәнемде генә һөйләйем, ә Ул дөрөҫтө әйтә. Улар Ғайсаның Ата хаҡында һөйләүен аңламаны. Ә Ғайса һүҙен дауам итте: – Һеҙ, Әҙәм Улын юғары күтәргәнегеҙҙән һуң, Минең Шул булыуымды аңларһығыҙ. Ул ваҡытта Үҙ белдегем менән бер ни ҙә ҡылмағанымды һәм, Атам нисек өйрәткән булһа, шулай ғына һөйләгәнемде белерһегеҙ. Мине Ебәргән – Минең менән. Ул Мине яңғыҙ ҡалдырманы, сөнки һәр ваҡыт Ул хуп күргәнде эшләйем. Ул быларҙы һөйләгән ваҡытта күптәр Уға инанды. Ғайса Үҙенә инанған йәһүдтәргә: – Минең һүҙемде тотһағыҙ, ысын шәкерттәрем булырһығыҙ. Ана шунда хәҡиҡәтте белерһегеҙ, хәҡиҡәт иһә һеҙҙе азат итер, – тине. Уға: – Беҙ Ибраһим нәҫеленән, – тинеләр. – Бер ҡасан да бер кемдең дә ҡоло булманыҡ. Шулай булғас, нисек Һин: «Азат булырһығыҙ», – тиһең? – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: гонаһ ҡылыусы һәр кем – гонаһтың ҡоло, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Ҡол ғаиләлә ваҡытлыса ғына тора, ә атаның улы мәңгегә ғаилә ағзаһы була. Шуға күрә, әгәр ҙә Ата Улы һеҙҙе азат итһә, һеҙ ысындан да ирекле буласаҡһығыҙ. Мин һеҙҙең Ибраһим нәҫеленән икәнегеҙҙе беләм. Шуға ҡарамаҫтан, Мине үлтерергә теләйһегеҙ, сөнки һүҙҙәремә күңелегеҙҙә урын юҡ. Мин Атам янында күргәндәрем тураһында һөйләйем, ә һеҙ үҙ атағыҙҙан ишеткәнде ҡылаһығыҙ. Улар: – Беҙҙең атабыҙ – Ибраһим! – тип яуап бирҙе. – Әгәр ҙә һеҙ ысынлап та Ибраһим балалары булһағыҙ, уның кеүек эшләр инегеҙ. Һеҙ, киреһенсә, Мине, Алланан ишеткән хәҡиҡәтте һөйләгән кешене, үлтерергә теләйһегеҙ. Ибраһим шулай эшләнеме ни? Юҡ, һеҙ үҙегеҙҙең ысын атағыҙҙың эшен ҡылаһығыҙ, – тине Ғайса. Тегеләр: – Беҙ уйнаштан тыумағанбыҙ, беҙҙең атабыҙ берәү генә: Ул – Алла, – тинеләр. Ғайса уларға былай тине: – Атағыҙ Алла булһа, һеҙ Мине яратыр инегеҙ, сөнки Мин янығыҙға Алланан килдем. Мин Үҙ белдегем менән килмәнем, Мине Ул ебәрҙе. Ниңә һеҙ Минең нимә тураһында һөйләүемде аңламайһығыҙ? Һеҙ бит һүҙҙәремде тыңларға теләмәйһегеҙ. Һеҙҙең атағыҙ – Иблис, һәм һеҙ атағыҙҙың теләктәрен үтәргә теләйһегеҙ. Ул баштан уҡ кеше үлтереүсе булған һәм хәҡиҡәт менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ, сөнки унда хәҡиҡәт юҡ. Ул ялғанды һөйләгәндә үҙ асылы буйынса эшләй, ул – ялғансы, ялғандың атаһы. Мин хәҡиҡәтте һөйләгәнгә күрә, һеҙ Миңә ышанмайһығыҙ. Минең гонаһ ҡылғанымды ҡайһығыҙ фашлай алыр? Әгәр хәҡиҡәт һөйләйем икән, ни өсөн Миңә ышанмайһығыҙ? Кем – Алланан, шул Уның һүҙен тыңлар; ә һеҙ, Алланан булмағанға күрә, тыңламайһығыҙ. – «Һин – Самария кешеһе, һиңә ен эйәләшкән», тип әйтеүебеҙ дөрөҫ икән, – тине йәһүдтәр. Ғайса: – Миңә ен эйәләшмәгән. Мин Атамды хөрмәт итәм, ә һеҙ Мине хурлайһығыҙ. Мин Үҙемә дан эҙләмәйем, Миңә дан Эҙләүсе – башҡа Берәү, һәм Ул хөкөм итә. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: кем Минең һүҙемде тота, шул бер ҡасан да үлем күрмәйәсәк, – тип яуап бирҙе. – Бына хәҙер һиңә ен эйәләшкәненә бер шигебеҙ ҙә ҡалманы, – тине йәһүдтәр. – Ибраһим да, пәйғәмбәрҙәр ҙә үлде, ә һин: «Кем Минең һүҙемде тота, шул бер ҡасан да үлмәйәсәк», – тиһең. Һин атабыҙ Ибраһимдан да бөйөгөрәкме ни? Ул үлгән, пәйғәмбәрҙәр ҙә үлгән. Үҙеңде кем тип һанайһың? Ғайса: – Мин Үҙемде Үҙем данлап күтәрһәм, даным бер ни ҙә тормаҫ ине. Миңә һеҙ ҙә «Аллабыҙ» тип атаған Атам шөһрәт бирә. Һеҙ Уны белмәйһегеҙ, ә Мин беләм. Әгәр ҙә Мин Уны белмәйем тиһәм, һеҙҙең кеүек үк ялғансы булыр инем. Әммә Мин Уны беләм һәм Уның һүҙен тотам. Атағыҙ Ибраһим Мин килгән көндө күрәсәгенә шатланды һәм уны күреп ҡыуанды, – тип яуап бирҙе. Йәһүдтәр Уның был һүҙҙәренә: – Һиңә илле йәш тә юҡ бит әле, нисек итеп Ибраһимды күрҙең? – тинеләр. Ғайса уларға: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Ибраһим тыуғанға тиклем үк Мин бар инем инде, – тип яуап бирҙе. Шул саҡ йәһүдтәр Уға бәреү өсөн ҡулдарына таш алды, әммә Ғайса йәшенде лә Алла йортонан сығып китте. Китеп барышлай Ғайса тыумыштан һуҡыр бер кешене күрҙе. – Остаз! Ниңә был кеше һуҡыр булып тыуған икән? Ул үҙе гонаһ ҡылғанмы, әллә ата-әсәһеме? – тип һораны шәкерттәре. – Ул үҙе лә, ата-әсәһе лә ғәйепле түгел, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Уның ауырыуы аша Алланың ҡөҙрәте күренһен өсөн һуҡыр булып тыуған ул. Көн үткәнсе Мин Үҙемде Ебәргәндең эшен башҡарырға тейешмен. Төн етеп килә, ул саҡта бер кем дә бер нәмә лә эшләй алмаҫ. Донъяла булған ваҡытымда Мин – донъяға яҡтылыҡмын. Шулай тигәндән һуң, Ул ергә төкөрҙө, төкөрөгөн тупраҡҡа ҡушып иҙҙе лә шуны һуҡырҙың күҙҙәренә һөрттө. Шунан уға: – Шилоах быуаһына барып йыуын, – тине (Шилоах – «ебәрелгән» тигән мәғәнәлә). Һуҡыр барып йыуынды, кире килгәндә күҙҙәре күрә ине. Күршеләре һәм элек уның хәйер һорашҡанын күргәндәр: – Был теге хәйер һорап юл ситендә ултырған кеше түгелме һуң? – тиештеләр. Ҡайһы берәүҙәр: – Эйе, был тап үҙе, – тиһә, икенселәр: – Юҡ, ул шул кешегә оҡшаған ғына, – тине. Ул үҙе иһә: – Мин шул кешемен, – тине. – Күҙҙәрең нисек асылды һуң? – тип һоранылар унан. Ул: – Ғайса исемле Кеше тупраҡты еүешләп күҙҙәремә һөрттө лә: «Шилоах быуаһына барып йыуын», – тине. Барып йыуынғайным, күҙҙәрем асылды, – тип яуап бирҙе. – Ул Кеше ҡайҙа? – тип һорағастар: – Белмәйем, – тип яуапланы. Элек һуҡыр булған кешене фарисейҙар янына алып барҙылар. Ғайса тупраҡты еүешләп уны һауыҡтырған көн шәмбе ине. Фарисейҙар ҙа унан нисек күрә башлауы тураһында һорашты. – Ул тәүҙә минең күҙҙәремә тупраҡты еүешләп һөрттө, аҙаҡ йыуынғайным, күрә башланым, – тип яуап ҡайтарҙы һауыҡҡан кеше. Ҡайһы бер фарисейҙар: – Был Кеше Алланан түгел, сөнки Ул шәмбе көндөң ҡағиҙәһен тотмай, – тинеләр. – Гонаһлы кеше бындай мөғжизәне ҡыла алыр инеме ни? – тип икенселәре ҡаршы төштө. Улар араһында бәхәс ҡупты. Элекке һуҡырҙан тағы: – Ул минең күҙҙәремде асты, тиһең. Уның тураһында ни әйтерһең? – тип һоранылар. – Ул – пәйғәмбәр, – тине теге кеше. Әммә йәһүд башлыҡтары уның һуҡыр булғанына һәм күрә башлауына ышанырға теләмәне, ата-әсәһен саҡырып, уларҙан: – Тыумыштан һуҡыр тигән улығыҙ ошомо? Ни эшләп ул хәҙер күрә һуң? – тип һоранылар. – Уның беҙҙең улыбыҙ икәнен дә, һуҡыр булып тыуғанын да беләбеҙ, – тип яуапланы ата-әсә. – Ә әле нисек күрә башлағанын һәм күҙҙәрен кем асҡанын белмәйбеҙ. Ул инде бәлиғ булған, үҙенән һорағыҙ, үҙе хаҡында үҙе һөйләһен. Һуҡырҙың ата-әсәһе, йәһүд башлыҡтарынан ҡурҡҡанлыҡтан, шулай тип яуап бирҙе. Сөнки башлыҡтар Ғайсаның Мәсих икәнлеген таныған һәр кемде ғибәҙәтхананан айырырға ҡарар иткәйне. Шунлыҡтан уның ата-әсәһе: «Ул инде бәлиғ булған, үҙенән һорағыҙ», – тине. Шулай итеп, элек һуҡыр булған кеше икенсе тапҡыр саҡыртылды. Башлыҡтар уға: – Алла алдында дөрөҫөн әйт! Һин әйткән кешенең гонаһлы икәнен беләбеҙ, – тинеләр. – Гонаһлымы, түгелме, уныһы миңә билдәһеҙ, – тип яуап бирҙе элекке һуҡыр. – Шуны ғына беләм: мин һуҡыр инем, ә хәҙер күрәм. Унан тағы ла: – Ул нимә эшләне һуң? Һинең күҙҙәреңде нисек асты? – тип һораштылар. – Мин һеҙгә һөйләнем бит инде, ләкин һеҙ тыңламанығыҙ. Ниңә тағы бер тапҡыр ишеткегеҙ килә? Әллә һеҙ ҙә Уның шәкерттәре булырға ниәтләйһегеҙме? – тип яуап бирҙе ул кеше. Тегеләр ныҡ асыуланып: – Уның шәкерте – һин, ә беҙ – Мусаның шәкерттәре! Беҙ Алланың Муса менән һөйләшкәнен беләбеҙ. Ә был Ғайса тигән Әҙәмдең ҡайҙан икәнлеге билдәһеҙ, – тип ҡысҡырҙылар. – Шуныһы ғәжәп тә: һеҙ Уның ҡайҙан икәнлеген белмәйһегеҙ, ә Ул минең күҙҙәремде асты! – тине күрә башлаған кеше. – Алланың гонаһлыларҙы тыңламауын беҙ беләбеҙ. Ул бары тик Үҙенә табыныусыны һәм Уның ихтыярын үтәүсене генә тыңлай. Берәйһенең тыумыштан һуҡыр кешенең күҙҙәрен асҡаны тураһында ғүмерҙә лә ишетелгәне юҡ ине. Әгәр ҙә ул Кеше Алланан булмаһа, бер нәмә лә эшләй алмаҫ ине бит. – Һин бөтөн булмышың менән гонаһтан яралып тыуғанһың. Һинме беҙҙе өйрәтәһең! – тип уны ҡыуып сығарҙылар. Ғайса, элекке һуҡырҙы ҡыуып сығарғандарын ишеткәс, уны эҙләп табып: – Һин Әҙәм Улына ышанаһыңмы? – тип һораны. – Әфәндем, мин Уға ышанһын өсөн, Уның кем икәнен әйт миңә, – тип яуап бирҙе теге. Ғайса: – Һин Уны күрҙең. Хәҙер һинең менән Ул һөйләшә, – тине. – Әфәндем, мин ышанам! – тип, күҙҙәре асылған кеше Уның алдына килеп тубыҡланды. Ғайса: – Мин был донъяға, күрмәгәндәр күрһен, ә күргәндәр һуҡырайһын тип, хөкөм итергә килдем, – тине. Уның янында торған ҡайһы бер фарисейҙар быны ишеткәс: – Беҙҙе лә һуҡырға һанамайһыңдыр бит? – тип һоранылар. – Әгәр һеҙ ысынлап та һуҡыр булһағыҙ, гонаһлы булмаҫ инегеҙ. Ә һеҙ, күрәбеҙ, тиһегеҙ, тимәк, гонаһығыҙ үҙегеҙҙә ҡала, – тип яуап ҡайтарҙы Ғайса. – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: кем һарыҡ аҙбарына ҡапҡа аша түгел, башҡа юл менән инә, ул – ҡараҡ һәм юлбаҫар. Ә ҡапҡанан ингән кеше һарыҡтарға көтөүсе була. Һаҡсы уға ҡапҡа аса, һарыҡтар уның тауышын таный һәм ул, һарыҡтарын исемдәре менән саҡырып, уларҙы алып сыға. Үҙенең бөтә һарыҡтарын алып сыҡҡас, алдан атлай, һарыҡтары артынан эйәреп бара, сөнки уның тауышын таныйҙар. Ә ят кешегә улар эйәрмәй, тауышы таныш булмағас, унан ҡасып китәләр. Ғайса ошо кинәйәле хикәйәтте һөйләне, ләкин тыңлаусылар Уның нимә хаҡында һөйләгәнен аңламаны. Ғайса иһә һүҙен дауам итте: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Мин – һарыҡтар өсөн ҡапҡамын. Минән алда килгәндәрҙең бөтәһе лә ҡараҡ һәм юлбаҫар ине, һарыҡтар уларҙы тыңламаны. Мин – ҡапҡамын. Кем Минең аша инә, шул ҡотолор. Инер, сығыр һәм үҙенә көтөүлек табыр. Ҡараҡ ул урлау, үлтереү һәм һәләк итеү өсөн генә килә. Мин иһә уларға тормош, тулы мәғәнәһендә тормош бирергә килдем. Мин – яҡшы көтөүсе: яҡшы көтөүсе һарыҡтары өсөн йәнен фиҙа ҡыла. Минең был аҙбарҙа булмаған бүтән һарыҡтарым да бар. Уларҙы ла алып килергә тейешмен. Улар Минең тауышымды тыңлаясаҡ, һәм бер көтөү, бер көтөүсе булыр. Атам Мине шуның өсөн ярата: Мин Үҙемдең йәнемде ҡабаттан алыу өсөн бирәм. Йәнемде Минән бер кем дә тартып алмай, Мин уны Үҙем бирәм. Йәнемде бирергә лә, кире алырға ла хакимлығым бар. Был бойороҡто Мин Атамдан алдым. Был һүҙҙәр арҡаһында йәһүдтәр араһында йәнә бәхәс ҡупты. Араларынан күпселек: – Уға ен эйәләшкән, Ул һаташа. Ниңә Уны тыңлайһығыҙ? – тине. Башҡалары иһә: – Былар – ен эйәләшкән кеше һүҙҙәре түгел. Ен һуҡырҙың күҙен аса аламы ни? – тинеләр. Ҡыш етте. Йәрүсәлимдә Яңырыу байрамы ине. Ғайса Алла йорто янындағы Сөләймән айуаны буйлап йөрөгән саҡта, йәһүдтәр Уның тирәһенә йыйылды. – Һин түҙемлегебеҙҙе ҡасанға тиклем һынарға уйлайһың? Әгәр Мәсих икәнһең, беҙгә асыҡ итеп әйт, – тинеләр. Ғайса былай тип яуап бирҙе: – Мин һеҙгә әйткәйнем инде, әммә һеҙ ышанманығыҙ. Атам исеменән башҡарған эштәрем Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡыла. Әммә һеҙ ышанмайһығыҙ, сөнки Минең һарыҡтарым түгелһегеҙ. Минең һарыҡтарым Минең тауышымды ишетә, Мин дә уларҙы таныйым һәм улар Минең артымдан бара. Мин уларға мәңгелек тормош бирәм. Улар бер ҡасан да һәләк булмаясаҡ, уларҙы бер кем дә Минән тартып ала алмаясаҡ. Уларҙы Миңә биргән Атам һәммәһенән дә бөйөк. Атамдың ҡулынан тартып алырға бер кемдең дә хәленән килмәй. Мин һәм Ата – бербеҙ. Йәһүдтәр, Уны үлтерергә теләп, тағы ҡулдарына таш алды. – Мин һеҙгә Атам тарафынан күп яҡшы эштәр күрһәттем. Шуларҙың ҡайһыһы өсөн Мине таш менән бәреп үлтерергә теләйһегеҙ? – тине Ғайса. Йәһүдтәр Уға: – Беҙ Һине яҡшы эштәрең өсөн түгел, ә көфөр һөйләүең, кеше булыуыңа ҡарамаҫтан, Үҙеңде Алла итеп күрһәтеүең өсөн үлтерергә теләйбеҙ, – тинеләр. Ғайса уларға шулай яуап бирҙе: – Алланың «„Һеҙ – илаһтарһығыҙ“, – тинем Мин» тигән һүҙҙәре ҡанунығыҙҙа яҙылған түгелме? Ә Изге Яҙманы юҡҡа сығарып булмай. Әгәр ҙә Алла һүҙе бирелгәндәр илаһ тип аталған икән, «Мин – Алла Улы» тигән мәлдә нисек һеҙ Миңә «көфөр һөйләйһең» тип әйтә алаһығыҙ? Мине Алла Үҙе изге хеҙмәт өсөн айырып алып, был донъяға ебәрҙе бит. Әгәр Атамдың эштәрен башҡармаһам, Миңә ышанмағыҙ. Ә инде башҡарам икән, Минең Үҙемә ышанмаһағыҙ, ҡылған эштәремә ышанығыҙ! Ана шунда инде һеҙ Атамдың – Миндә, ә Минең Атамда икәнлеген аңларһығыҙ һәм белерһегеҙ. Улар Ғайсаны тағы эләктерергә тырыштылар, әммә Ул ҡулдарынан ысҡынып китеп барҙы. Ғайса ҡабат Иордан аръяғына, элек Яхъя һыуға сумдырып йөрөгән урынға юл тотто һәм шунда ҡалды. Уның янына килеүселәр күп булды, улар бер-береһенә: – Яхъя бер генә мөғжизә лә күрһәтмәгәйне, әммә Яхъяның Уның тураһында әйткәндәре бөтәһе лә дөрөҫ, – тине. Унда күптәр Ғайсаға инанды. Мәрйәм менән уның апаһы Марта йәшәгән Бейт-Әниә ауылында Әлғазар исемле бер кеше ауырып китте. Мәрйәм – Раббының аяҡтарына хуш еҫле май һылап, сәсе менән һөртөп алған ҡатын, ә сирле – уларҙың ҡустылары ине. Апай менән һеңле Ғайсаға хәбәр ебәрҙе: «Хакимым, Һин яратҡан Әлғазар ауырып китте». Ғайса быны ишеткәс: – Был үлемесле ауырыу түгел. Ул Алланың шөһрәтен күтәреү өсөн, Алла Улы шул сир аша шөһрәт алһын өсөн бирелгән, – тине. Ғайса Мартаны ла, уның һеңлеһе менән Әлғазарҙы ла ярата ине. Әммә Ул, Әлғазарҙың ауырығанын ишеткән хәлдә лә, тағы ике көнгә тотҡарланды. Шунан һуң шәкерттәренә: – Яңынан Йәһүҙиәгә барайыҡ, – тине. Шәкерттәре Уға: – Остаз, күптән түгел генә йәһүдтәр Һине таш бәреп үлтерергә йөрөгәйне, тағы шунда бараһыңмы ни? – тинеләр. Ғайса: – Көндөң оҙонлоғо ун ике сәғәт түгелме һуң? Көндөҙ йөрөгән абынмай, сөнки ул донъя яҡтылығын күрә. Төндә йөрөгән иһә абына, сөнки уның үҙендә яҡтылыҡ юҡ, – тип яуапланы. Шунан һуң: – Дуҫыбыҙ Әлғазар йоҡлап киткән, Мин уны уятырға барам, – тип өҫтәне. Шәкерттәре: – Хакимыбыҙ, әгәр йоҡлаған булһа, һауығыр! – тинеләр. Ғайса Әлғазарҙың үлеүе тураһында әйткәйне, шәкерттәр иһә ғәҙәттәге йоҡо хаҡында һөйләй тип уйланы. Шунлыҡтан Ғайса уларға асыҡ итеп: – Әлғазар үлгән. Үҙемдең унда булмауыма һеҙҙең өсөн шатмын, сөнки шул рәүешле иманығыҙ нығынасаҡ ҡына. Әйҙәгеҙ, уның янына барайыҡ, – тине. Игеҙәк ҡушаматлы Томас шәкерттәргә: – Әйҙәгеҙ, барайыҡ та Ғайса менән бергә үләйек, – тине. Бейт-Әниәгә килеп еткәс, Ғайса Әлғазарҙың дүрт көн инде ҡәберҙә ятҡанын белде. Бейт-Әниә Йәрүсәлимдән өс саҡрым ғына алыҫлыҡта ине. Ҡустыларының вафаты айҡанлы Марта менән Мәрйәмде йыуатырға күп кенә йәһүдтәр килгәйне. Ғайсаның килә ятҡанын ишеткәс, Марта Уны ҡаршы алырға сыҡты. Мәрйәм иһә өйҙә ҡалды. – Хакимым, Һин бында булһаң, ҡустыбыҙ үлмәгән булыр ине, – тине Марта. – Әммә мин беләм: Алланан ни генә һораһаң да, Ул Һиңә бирәсәк. – Ҡустығыҙ терелер, – тине уға Ғайса. – Беләм, ул ҡиәмәт көнөндә, терелеү ваҡытында, тереләсәк. Ғайса: – Мин – терелеү һәм тормош. Миңә ышанған кеше үлһә лә йәшәйәсәк. Ә йәшәгән һәм Миңә ышанған һәр кем бер ҡасан да үлмәйәсәк. Һин быға ышанаһыңмы? – тине. – Эйе, Хакимым! – тип яуапланы Марта. – Мин Һинең донъяға килергә тейеш булған Мәсих, Алла Улы икәнлегеңә ышанам. Шулай тигәндән һуң, Марта барып һеңлеһе Мәрйәмде саҡырҙы. Уға йәшереп кенә: – Остаз бында, Ул һине саҡыра, – тине. Быны ишеткәс тә, Мәрйәм, тиҙ генә урынынан тороп, Ғайса янына китте. Ғайса ауылға инмәйенсә Марта менән осрашҡан ерҙә тора ине әле. Мәрйәмде йыуатып уның менән бергә өйҙә булған йәһүдтәр, йәһәт кенә тороп сығып киткәнен күргәс, илар өсөн ҡәбергә китте тип уйлап, артынан эйәрҙеләр. Мәрйәм Ғайса торған ергә килеп еткәс, Уны күреп: – Хакимым! Һин бында булһаң, ҡустыбыҙ үлмәгән булыр ине, – тине лә Уның аяғына йығылды. Ғайса, Мәрйәмдең дә, уға эйәреп килгән йәһүдтәрҙең дә илағанын күреп, Үҙе лә бик ныҡ көйөндө һәм ҡайғырып: – Һеҙ уны ҡайҙа ерләнегеҙ? – тип һораны. Улар: – Әфәндем! Әйҙә барайыҡ, Үҙең күрерһең, – тинеләр. Ғайса илап ебәрҙе. – Ҡарағыҙ, Ул Әлғазарҙы ҡалай яратҡан икән! – тиеште йәһүдтәр. Араларынан береһе: – Ул бит һуҡырҙың күҙҙәрен асты. Әлғазарҙы ла үлемдән һаҡлап ҡала алмаҫ инеме икән? – тине. Ғайса, тағы ла нығыраҡ көйөнөп, ҡәбер янына килде. Ҡәбер мәмерйә булып, уға инеү юлы таш менән ҡаплап ҡуйылғайны. Ғайса: – Ташты ситкә шылдырығыҙ! – тине. – Хакимым, мәйет еҫләнгәндер инде, үлгәненә дүрт көн уҙҙы бит, – тине мәрхүмдең апаһы Марта. Ғайса уға: – Мин һиңә: «Әгәр ҙә ышанһаң, Алланың шөһрәтен күрерһең», – тип әйтмәгәйнемме ни? – тип яуап бирҙе. Ташты алып ҡуйҙылар. Ғайса юғарыға ҡарап: – Атам! Мине ишеткәнең өсөн рәхмәт! – тине. – Мине һәр ваҡыт ишетеүеңде беләм, ләкин был һүҙҙәремде ошонда торған кешеләр өсөн, Мине Һинең ебәргәнеңә ышанһындар өсөн әйтәм! Шулай тигәндән һуң Ул көслө тауыш менән: – Әлғазар, тышҡа сыҡ! – тине. Бына үлгән кеше килеп сыҡты. Уның аяҡ-ҡулы кәфенгә уралған, йөҙөнә битлек ябылғайны. Ғайса: – Тағатығыҙ уны, атлап китһен! – тине. Мәрйәм янына килгән йәһүдтәрҙең күбеһе, Ғайсаның ҡылған эштәрен күргәс, Уға инанды. Ә ҡайһы берҙәре, фарисейҙарға барып, Ғайсаның ғәмәлдәре тураһында һөйләп бирҙе. Шунда баш ҡаһиндар һәм фарисейҙар кәңәшмәгә йыйылды. Улар: – Беҙгә нимә эшләргә? – тиештеләр. – Был Кеше күп мөғжизәләр күрһәтә. Әгәр ҙә шулай дауам итергә юл ҡуйһаҡ, һәммәһе Уға инанасаҡ. Аҙаҡ римлылар килеп, Изге урыныбыҙҙы ла, халыҡты ла юҡ итәсәк. Араларынан береһе, ул йылда иң баш ҡаһин булған Ҡаяфас: – Һеҙ бер ни ҙә белмәйһегеҙ! Бөтә халыҡ һәләк булыуға ҡарағанда, халыҡ өсөн бер кешенең үлеүе һеҙҙең өсөн хәйерлерәк бит. Шуны аңламайһығыҙмы ни? – тине. Ошо көндән алып улар Ғайсаны нисек үлтереү тураһында уйлай башланы. Шул сәбәпле Ғайса инде йәһүдтәр араһында асыҡтан-асыҡ йөрөмәҫ булды. Ул бынан сүллек янындағы Әфраим тигән ҡалаға китте һәм Үҙенең шәкерттәре менән шунда ҡалды. Йәһүдтәрҙең Ҡотҡарылыу байрамы яҡынлашҡайны. Байрам алдынан таҙарыныу йолаһын башҡарырға тип, илдең төрлө төбәктәренән күп кеше Йәрүсәлимгә килде. Халыҡ Ғайсаны эҙләне. Улар Алла йортонда бер-береһенән: «Нисек уйлайһығыҙ, Ул байрамға килмәҫме икән ни?» – тип һораштылар. Баш ҡаһиндар менән фарисейҙар иһә, Ғайсаны ҡулға алыр өсөн, Уның ҡайҙалығын белгән кешеләргә килеп әйтергә бойороҡ биргәйне. Ҡотҡарылыу байрамына алты көн ҡалғас, Ғайса Бейт-Әниәгә килде. Был – Ғайса үлемдән терелткән Әлғазар йәшәгән ауыл ине. Унда Ғайса хөрмәтенә табын йыйҙылар. Марта өҫтәл тәрбиәләп йөрөнө, ә Әлғазар Ғайса һәм башҡа ҡунаҡтар менән бергә табында ултырҙы. Мәрйәм, бер ҡаҙаҡ бик ҡиммәтле хуш еҫле саф нард майы алып килеп, Ғайсаның аяҡтарына һөрттө, шунан үҙенең сәсе менән ҡоротоп алды. Өй эсе майҙың хуш еҫе менән тулды. Шунда Ғайсаның шәкерттәренең береһе, Уға хыянат итәсәк Йәһүҙә Искариот: – Ниңә был майҙы өс йөҙ динарға һатып, фәҡирҙәргә өләшеп бирмәҫкә ине инде? – тип ҡуйҙы. Ул быны фәҡирҙәр тураһында ҡайғыртҡандан түгел, ә ҡараҡ булғаны өсөн әйтте. Уртаҡ аҡса янсығын йөрөтөү уның вазифаһында ине, һәм ул йыш ҡына унан үҙ ихтыяжына аҡса ала торғайны. Ғайса былай яуапланы: – Мәрйәмде тыныслыҡта ҡалдыр! Ул был хуш еҫле майҙы Мине ерләү көнөнә һаҡларға тейеш ине. Фәҡирҙәр һәр ваҡыт һеҙҙең менән булыр, Мин иһә янығыҙҙа гел булмам. Ул арала бер төркөм йәһүдтәр, Ғайсаның Бейт-Әниәлә икәнлеген белеп, шунда йыйылды. Улар Ғайса өсөн генә түгел, Ул терелткән Әлғазарҙы күрергә тип тә килгәйне. Баш ҡаһиндар иһә Әлғазарҙы ла үлтерергә ҡарар итте, сөнки уның арҡаһында күп йәһүдтәр килеп, Ғайсаға инана башлағайны. Икенсе көндө байрамға йыйылған күп һанлы халыҡ төркөмө, Ғайсаның Йәрүсәлимгә килеүен ишеткәс, хөрмә ботаҡтары алдылар ҙа: – «Һосанна! Раббы исеме менән Килеүсе, Исраил Батшаһы мөбәрәк булһын!» – тип ҡысҡырып ҡаршыларға сыҡтылар. Ғайса, бер ишәк табып шуға атланды һәм барыһы ла Изге Яҙмала әйтелгәнсә тормошҡа ашты: «Ҡурҡма, Сион-ҡыҙ. Күрәһеңме, йәш ишәккә атланып, һинең Батшаң килә». Шәкерттәре ул саҡта быны аңламаны, Ғайса шөһрәт алғандан һуң ғына Изге Яҙмала Уның хаҡында шулай яҙылған булыуын һәм Уны шулай ҡаршы алыуҙарын хәтерҙәренә төшөрҙө. Әлғазарҙы ҡәберҙән сығарып терелткән саҡта Ғайса менән булған кешеләр был хәл тураһында һөйләне. Халыҡ, Ғайсаның ошондай мөғжизә ҡылғанын ишеткәнгә күрә, Уны ҡаршы алырға сыҡҡайны. Фарисейҙар иһә үҙ-ара: – Күрәһегеҙме, ҡулыбыҙҙан бер нәмә лә килмәй. Бөтә кеше Уға эйәрә, – тиеште. Байрамда Аллаға табынырға килеүселәр араһында гректар ҙа бар ине. Улар, Галилеялағы Бейт-Сайданан булған Филиппус янына килеп: – Әфәндем, беҙ Ғайсаны күрергә теләйбеҙ, – тип үтенде. Филиппус был хаҡта Әндриасҡа әйтте, үтенесте икәүләп Ғайсаға еткерҙеләр. Ғайса: – Әҙәм Улының шөһрәт ала торған ваҡыты етте! – тип яуапланы. – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ергә төшкән бойҙай бөртөгө үлмәһә, шул килеш ҡалыр, ә үлһә, ҙур уңыш килтерер. Кем үҙ йәнен ярата, шул уны юғалтыр; әммә был донъяла үҙ йәненә нәфрәтләнгән кеше уны мәңгелек тормош өсөн һаҡлар. Кем Миңә хеҙмәт итергә теләй, шул Миңә эйәрһен. Мин ҡайҙа булһам, хеҙмәтсем дә шунда булыр. Миңә хеҙмәт итеүсегә Атам хөрмәт күрһәтәсәк. Инде күңелем борсоулы. Нимә тип әйтәйем? «Атам! Мине был сәғәттән ҡотҡар!» – типме? Ләкин Мин тап ошо сәғәт өсөн килдем дә. Атам! Исемеңдең шөһрәтен күрһәт. Шул ваҡыт күктән: – Күрһәттем һәм күрһәтәсәкмен! – тигән ауаз ишетелде. Шунда торған һәм быны ишеткән халыҡ: «Күк күкрәне», – тиеште, ә ҡайһы берәүҙәр: «Уның менән фәрештә һөйләште», – тине. Быға Ғайса: – Был ауаз Минең өсөн түгел, һеҙҙең өсөн булды, – тине. – Был донъяны хөкөм итер ваҡыт етте, хәҙер был донъяның хакимы ҡыуыласаҡ. Мин, ерҙән күтәрелгәс, барлыҡ кешеләрҙе Үҙемә тартасаҡмын. Ул быны Үҙенең ниндәй үлем менән үләсәген белгертеп әйтте. Халыҡ Уға: – Беҙгә ҡанундан Мәсихтең мәңге ҡаласағы билдәле. Нисек Һин, Әҙәм Улы күккә күтәрелергә тейеш, тип әйтә алаһың? Кем Ул Әҙәм Улы? – тип яуапланы. Ғайса: – Яҡтылыҡтың һеҙҙең менән булырына бик аҙ ваҡыт ҡалды. Үҙегеҙҙе ҡараңғылыҡ баҫҡанғаса, яҡтыла йөрөп ҡалығыҙ, сөнки ҡараңғыла йөрөүсе ҡайҙа барғанын белмәй. Яҡтылыҡ һеҙҙең менән булғанда, яҡтылыҡҡа ышанығыҙ, шул саҡта һеҙ яҡтылыҡ балалары булырһығыҙ, – тине. Ошо һүҙҙәрҙе әйткәс, Ғайса, китеп, уларҙың күҙенән юғалды. Ғайса халыҡ алдында шул тиклем күп илаһи мөғжизәләр күрһәтһә лә, Уға ышанманылар. Сөнки Ишағыяһ пәйғәмбәрҙең: «Раббым! Беҙ һөйләгән хәбәргә кем ышанды? Раббының ҡөҙрәте кемгә асылды?» – тигән һүҙҙәре тормошҡа ашырға тейеш ине. Улар ышана алманы, сөнки, Ишағыяһ әйткәнсә: «Күҙҙәре менән күрмәһендәр, йөрәктәре менән аңламаһындар өсөн Алла уларҙың күҙҙәрен күрмәҫ итте, йөрәктәрен ҡатырҙы. Әгәр шулай булмаһа, Миңә табан боролорҙар – Мин уларҙы һауыҡтырыр инем». Ишағыяһ был һүҙҙәрҙе Ғайсаның шөһрәтен алдан күргәнгә әйткән; Уның тураһында һөйләгән. Хәйер, башлыҡтарҙың да күбеһе Уға инанғайны инде, ләкин үҙҙәрен фарисейҙар ғибәҙәтхананан айырыр тип ҡурҡып, быны белдермәнеләр. Улар Алланан килгән данға ҡарағанда, кешеләр алдындағы данды артығыраҡ күрҙе. Ғайса көслө тауыш менән: – Миңә инанған кеше Минең Үҙемә түгел, ә Мине Ебәргәнгә инана, – тине. – Мине күргән Мине Ебәргәнде күрә. Миңә инаныусылар ҡараңғылыҡта ҡалмаһын өсөн, Мин донъяға яҡтылыҡ булып килдем. Кемдер Минең һүҙҙәремде ишетеп тә, үтәмәй икән, уны хөкөм итмәйем, сөнки Мин донъяға хөкөм итергә түгел, ә донъяны ҡотҡарырға килдем. Мине кире ҡағып, һүҙемде ҡабул итмәгән кешенең үҙ хөкөмсөһө бар: уны ҡиәмәт көнөндә Мин әйткән һүҙ хөкөм итәсәк. Мин Үҙемдән һөйләмәнем, ә нимә һөйләргә, нимә әйтергә кәрәклеге хаҡында Мине ебәргән Атам бойороҡ бирҙе. Мин Уның бойороғо мәңгелек тормош килтереүен беләм. Шулай итеп, нимә һөйләһәм дә, һәр һүҙҙе нәҡ Атам ҡушҡанса һөйләйем. Ҡотҡарылыу байрамы алдынан Ғайса Үҙенең был донъянан Ата хозурына күсер сәғәте еткәнлеген белде. Ул был донъялағы Үҙенекеләрҙе һәр ваҡыт яратты һәм һуңғы сиккә тиклем уларҙы яратыуын күрһәтте. Иблис Шимғон Искариот улы Йәһүҙәнең күңеленә Ғайсаға хыянат итеү фекерен һалғайны инде. Киске аш ваҡытында Атаның бөтә нәмәне Уның ҡулына тапшырғанын һәм Үҙенең Алланан килеп Алла хозурына китәсәген белеп, Ғайса өҫтәл артынан торҙо ла, өҫ кейемен сисеп, биленә таҫтамал ураны. Шунан тасҡа һыу ҡойоп, шәкерттәренең аяҡтарын йыуа башланы, йыуған береһен билендәге таҫтамал менән һөртә барҙы. Сират Шимғон Петрусҡа етте. Петрус: – Хакимым! Һинме минең аяҡтарымды йыуаһың? – тине. – Һин әлегә Минең нимә эшләүемде аңламайһың. Әммә аҙағыраҡ төшөнөрһөң, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Һин бер ҡасан да минең аяҡтарымды йыуырға тейеш түгелһең! – тине Петрус. – Әгәр йыумаһам, Минең менән бер уртаҡлығың да булмаҫ, – тине Ғайса. – Хакимым! – тине Шимғон Петрус. – Улайһа, аяҡтарымды ғына түгел, ҡулдарымды ла, башымды ла йыу! – Йыуынған кешене йыуып тороуҙың хәжәте юҡ, уның бөтә тәне таҙа була, аяҡтарын ғына йыуырға кәрәк. Һеҙ бит таҙаһығыҙ, тик бөтәгеҙ ҙә түгел, – тине Ғайса. Үҙенә кемдең хыянат итәсәген белгәнгә күрә Ул: «Бөтәгеҙ ҙә таҙа түгелһегеҙ», – тине. Ғайса, шәкерттәренең аяҡтарын йыуып бөткәс, кейемен кейеп, яңынан урынына барып ултырҙы. – Һеҙҙең өсөн нимә эшләгәнемде аңлайһығыҙмы? – тип һораны Ул. – Һеҙ Мине Остаз һәм Хаким тип атайһығыҙ. Дөрөҫ әйтәһегеҙ: Мин – Остаз һәм Хаким. Әгәр ҙә Мин, һеҙҙең Хакимығыҙ һәм Остазығыҙ, аяҡтарығыҙҙы йыуғанмын икән, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙең аяҡтарын йыуырға тейешһегеҙ. Минең кеүек эшләрһегеҙ тип, һеҙгә үрнәк күрһәттем. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: хеҙмәтсе үҙенең хужаһынан ҙурыраҡ түгел, илсе лә үҙен ебәргәндән ҙур түгел. Һеҙ хәҙер быны беләһегеҙ һәм, белгәнегеҙҙе үтәһәгеҙ, бәхетле булырһығыҙ. Мин бөтәгеҙ тураһында ла әйтмәйем. Үҙем һайлап алған кешеләрҙе Мин беләм, ләкин Изге Яҙмала: «Минең менән бергә икмәк ашаған кеше Миңә ҡаршы баш күтәрҙе», – тип яҙылған һүҙҙәр тормошҡа ашырға тейеш. Ул хәлдәр булған ваҡытта һеҙ Минең Шул икәнлегемә ышанһын өсөн, Мин һеҙгә уларҙы алдан уҡ һөйләйем. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Мин ебәргән кешене ҡабул итеүсе Мине лә ҡабул итә; Мине ҡабул иткән кеше иһә Мине Ебәргәнде ҡабул итә. Быны әйткәндән һуң Ғайса ҙур тулҡынланыу менән: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: арағыҙҙан берегеҙ Миңә хыянат итәсәк, – тине. Уның кем хаҡында һөйләгәнен аңлап етмәгән шәкерттәре, аптырашта ҡалып, бер-береһенә ҡарашты. Уларҙың береһе – яратҡан шәкерте – Ғайсаның янында ғына ултыра ине. Шимғон Петрус, Ғайсаның кем хаҡында һөйләүен һорарға ҡушып, уға ишара яһаны. Шәкерт, Ғайсаға тағы ла нығыраҡ яҡынайып: – Хакимым, ул кем? – тип һораны. Ғайса: – Мин бер һыныҡ икмәкте манып кемгә бирәм, шул, – тип яуап ҡайтарҙы ла, бер һыныҡ икмәкте ашына манып, Шимғон Искариот улы Йәһүҙәгә бирҙе. Йәһүҙә һыныҡты ҡулына алыу менән уның эсенә Иблис инде. Ғайса уға: – Ҡылаһы эшеңде тиҙерәк ҡыл, – тине. Һыныҡты алыу менән Йәһүҙә сығып китте. Төн ине. Ул сығып киткәс, Ғайса былай тине: – Бына хәҙер Әҙәм Улы шөһрәт алды һәм Унда Алланың шөһрәте күренде. Әгәр ҙә Алла Уның аша Үҙ шөһрәтендә күрһәтелгән икән, Ул Әҙәм Улының шөһрәтен Үҙендә күрһәтәсәк, һәм был тиҙ арала буласаҡ. Балаларым, Мин инде янығыҙҙа оҙаҡ булмам. Мине эҙләрһегеҙ, ләкин, йәһүдтәргә әйткән һүҙҙәремде хәҙер һеҙгә лә ҡабатлайым: «Мин китә торған урынға һеҙ бара алмаҫһығыҙ». Һеҙгә яңы бойороҡ бирәм: бер-берегеҙҙе яратығыҙ. Мин һеҙҙе нисек яратҡан булһам, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙе шулай яратығыҙ. Бер-берегеҙҙе яратһағыҙ, һеҙҙең Минең шәкерттәрем икәнегеҙҙе барыһы ла белер. Шимғон Петрус Унан: – Хакимым, Һин ҡайҙа китәһең? – тип һораны. Ғайса: – Мин китә торған урынға һин әле Минең менән бара алмайһың, әммә аҙаҡ барасаҡһың, – тип яуап бирҙе. – Хакимым, ниңә Һинең артыңдан хәҙер бара алмайым? Мин Һинең өсөн йәнемде фиҙа ҡылырға әҙер! – тине Петрус. Ғайса уға: – Минең өсөн йәнеңде фиҙа ҡылырға әҙерһеңме? Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: таң әтәсе ҡысҡырғанға тиклем, һин Мине өс тапҡыр инҡар итәсәкһең, – тине. – Борсолмағыҙ! Аллаға ышанаһығыҙ икән, Миңә лә ышанығыҙ! Атам йортонда бүлмәләр күп. Шулай булмаһа, һеҙгә урын әҙерләргә китәм, тип әйтмәҫ инемме ни? Барып урын әҙерләгәс, һеҙ ҙә Минең менән бергә булһын өсөн, яңынан килеп, һеҙҙе Үҙ яныма аласаҡмын. Мин бара торған урынға юлды беләһегеҙ. – Хакимым! Һинең ҡайҙа китеүең беҙгә билдәһеҙ, шулай булғас, унда барыр юлды ҡайҙан беләйек? – тине Томас. Ғайса уға: – Мин – юл, хәҡиҡәт һәм тормош. Минең аша ғына Атам янына барып була. Мине беләһегеҙ икән, Атамды ла белерһегеҙ. Ошо ваҡыттан башлап һеҙ Уны беләһегеҙ һәм күрҙегеҙ ҙә инде, – тип яуап бирҙе. – Хакимым! Беҙгә Атаны күрһәтһәң, беҙ ҡәнәғәт булырбыҙ, – тине Филиппус. – Филиппус, ни тиклем ваҡыт һеҙҙең менән бергәмен, ә һин Мине белмәйһеңме ни? – тине Ғайса. – Мине күргән кеше Атаны ла күргән була. Нисек инде һин: «Беҙгә Атаны күрһәт», – тиһең? Минең – Атала, Атаның Миндә булыуына ышанмайһыңмы ни? Ә бит һеҙгә һөйләгән һүҙҙәрҙе Мин Үҙемдән һөйләмәйем, Миндәге Атам Үҙенең эштәрен башҡара. Ышанығыҙ: Мин – Атала, Атам – Миндә. Әйткәндәремә ышанмайһығыҙ икән, ҡылған эштәрем арҡылы ышанығыҙ. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Миңә инанған кеше Мин башҡарған эштәрҙе, хатта уларға ҡарағанда ҙурыраҡтарын да башҡарыр, сөнки Мин Атам янына китәм. Минең исемемдән нимә генә һораһағыҙ ҙа, эшләрмен; шулай итеп Ата Үҙенең шөһрәтен Улында күрһәтер. Минең исемемдән нимә һораһағыҙ ҙа, эшләрмен. Әгәр Мине яратһағыҙ, бойороҡтарымды үтәрһегеҙ. Мин Атамдан һорармын, Ул, мәңге һеҙҙең менән булһын өсөн, һеҙгә бүтән Яҡлаусы бирер. Ул Яҡлаусы – Хәҡиҡәт Рухы. Донъя Уны күрмәгәнгә һәм белмәгәнгә күрә ҡабул итә алмай, ә һеҙ Уны беләһегеҙ, Ул һеҙҙең менән ҡалыр һәм күңелегеҙҙә булыр. Мин һеҙҙе етем ҡалдырмам, ҡабат янығыҙға килермен. Тағы аҙ ғына ваҡыт үткәс, донъя Мине күрмәйәсәк, ә һеҙ күрәсәкһегеҙ. Мин йәшәйем икән, һеҙ ҙә йәшәйәсәкһегеҙ. Шул көндө һеҙ Минең – Атамда, үҙегеҙҙең – Миндә һәм Минең һеҙҙә икәнлегемде белерһегеҙ. Бойороҡтарымды ҡабул итеп, уларҙы үтәгән кеше Мине ярата. Ә Мине яратҡан кешене Атам да яратыр, Мин дә уны яратырмын һәм уға Үҙемде күрһәтермен. Йәһүҙә (Искариот түгел) Унан: – Хакимым! Ни өсөн Һин Үҙеңде донъяға түгел, ә беҙгә күрһәтергә теләйһең? – тип һораны. Ғайса уға былай тип яуап бирҙе: – Мине яратҡан кеше Минең һүҙемде тотор. Ул саҡта Атам да уны яратыр һәм Беҙ, уның янына килеп, уның менән бергә йәшәрбеҙ. Мине яратмаған кеше һүҙемде лә тотмай. Ә бит һеҙ ишетә торған һүҙ – Минән түгел, ә Мине ебәргән Атанан. Мин быларҙы һеҙҙең менән бергә булғанда уҡ әйткәйнем. Ә Минең исемемдән Атам ебәрәсәк Яҡлаусы – Изге Рух – һеҙҙе һәр нәмәгә өйрәтер һәм Мин һөйләгәндәрҙең бөтәһен дә хәтерегеҙгә төшөрөр. Мин һеҙгә тыныслыҡ ҡалдырам. Үҙемдең тыныслығымды һеҙгә бирәм, әммә Мин биргән тыныслыҡ донъя биргән кеүек түгел. Күңелегеҙҙе хәүеф биләмәһен! Ҡурҡмағыҙ! Һеҙ Минең: «Һеҙҙән китәм һәм һеҙгә киләсәкмен», – тигәнемде ишеттегеҙ. Әгәр ҙә Мине яратһағыҙ, Атам янына китеүемә ҡыуаныр инегеҙ, сөнки Атам Минән бөйөгөрәк. Мин әйткән хәлдәр тормошҡа ашҡанда, Миңә ышанырһығыҙ тип, был һүҙҙәрҙе һеҙгә хәҙер һөйләйем. Инде һеҙҙең менән бүтәнсә һөйләшә алмам, сөнки был донъяның хакимы килә. Уның Минең өҫтөмдән хакимлығы юҡ, әммә донъя белһен: Мин Атамды яратам һәм Уның Миңә ҡушҡан бойороҡтарының барыһын да башҡарам. Тороғоҙ, бынан китәйек! Мин – ысын йөҙөм ағасы, Атам – йөҙөм үҫтереүсе. Ул Миндәге емеш бирмәй торған һәр ботаҡты киҫеп ташлай, ә емеш бирерҙәйҙәрен, уңыш мулыраҡ булһын тип, таҙарта. Минең еткергән һүҙем аша һеҙ инде таҙарындығыҙ. Мин һеҙҙә йәшәгән кеүек, һеҙ ҙә Миндә йәшәгеҙ. Йөҙөм ағасында булмаған ботаҡ үҙенән-үҙе емеш бирә алмаған кеүек, Миндә булмаһағыҙ, һеҙ ҙә бирә алмаҫһығыҙ. Мин – йөҙөм ағасы, ә һеҙ – ботаҡтар. Кем Миндә йәшәй һәм Мин унда йәшәйем – шул ғына күп емеш бирер. Минән башҡа бер ни ҙә эшләй алмаҫһығыҙ. Кемдәр Миндә йәшәмәй, уларҙы ағас ботағы кеүек ҡырҡып ырғыталар һәм улар ҡорой. Ундай ботаҡтарҙы йыйып, утҡа ташлап яндыралар. Ә инде Миндә йәшәһәгеҙ һәм Минең һүҙҙәрем һеҙҙә йәшәһә, ул саҡта теләгәнегеҙҙе һорағыҙ һәм һеҙгә бөтәһе лә бирелер. Һеҙ күп емеш килтерәһегеҙ һәм Минең шәкерттәрем булаһығыҙ икән, бының менән Минең Атам данланыр. Атам Мине яратҡан кеүек, Мин дә һеҙҙе яраттым. Минең мөхәббәтемдә йәшәгеҙ. Мин – Атамдың бойороҡтарын үтәп, Уның мөхәббәтендә йәшәйем, һәм һеҙ ҙә, бойороҡтарымды үтәһәгеҙ, Минең мөхәббәтемдә йәшәрһегеҙ. Ҡыуанысымды һеҙ татыһын һәм ул бар булмышығыҙҙы биләп алһын тип, һеҙгә ошоларҙы һөйләнем. Минең бойороғом шул: Мин һеҙҙе яратҡан кеүек, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙе яратығыҙ. Дуҫтары өсөн үҙенең йәнен фиҙа ҡылған кешенең яратыуынан да бөйөк яратыу юҡ. Бойороҡтарымды үтәһәгеҙ, һеҙ – Минең дуҫтарым. Мин инде һеҙҙе хеҙмәтселәрем тип атамайым, сөнки хеҙмәтсе хужаһының ни эшләгәнен белмәй. Мин һеҙҙе дуҫтарым тип атаным, сөнки Атамдан ишеткәндәремдең барыһын да һеҙгә еткерҙем. Мине һеҙ һайламанығыҙ, ә Мин һеҙҙе һайлап алдым; емеш килтерегеҙ һәм емешегеҙ һәр ваҡыт булып торһон тип, һеҙҙе Мин тәғәйенләп ҡуйҙым. Шулай итеп, Минең исемемдән Атанан нимә генә һораһағыҙ ҙа, Ул һеҙгә бирер. Минең һеҙгә бойороғом шул: бер-берегеҙҙе яратығыҙ! Әгәр ҙә донъя һеҙгә нәфрәтләнә икән, иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ул һеҙҙән элек Миңә нәфрәтле. Был донъяныҡы булһағыҙ, ул һеҙҙе үҙенеке кеүек итеп яратыр ине. Ләкин һеҙ был донъяныҡы түгел, Мин һеҙҙе, һайлап алып, был донъянан айырҙым, шунлыҡтан донъя һеҙгә нәфрәтләнде. «Хеҙмәтсе үҙенең хужаһынан ҙурыраҡ түгел», – тигән һүҙҙәремде хәтерләгеҙ. Мине эҙәрләгәндәр икән, һеҙҙе лә эҙәрләрҙәр. Минең һүҙемде тотһалар, һеҙҙекен дә тоторҙар. Улар быларҙың барыһын да Минең исемем хаҡына эшләр, сөнки Мине Ебәргәнде белмәйҙәр. Мин донъяға килеп уларға һөйләмәгән булһам, ғәйепле булмаҫтар ине, ә хәҙер ғәйептән аҡланыр саралары юҡ. Миңә нәфрәтле кеше Минең Атама ла нәфрәтле. Башҡа бер кем дә эшләй алмаған эштәрҙе эшләп күрһәтмәгән булһам, улар ғәйепле булмаҫ ине; ә хәҙер, күрһәләр ҙә, барыбер Миңә лә, Атама ла нәфрәтлеләр. Әммә уларҙың ҡанунында «Улар Мине һис бер юҡҡа күрә алманы» тип яҙылған һүҙҙәр тормошҡа ашһын өсөн шулай булды. Мин Атанан һеҙгә Яҡлаусы ебәрәсәкмен. Ул – Атанан сыҡҡан Хәҡиҡәт Рухы – килгәс, Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡыласаҡ. Һеҙ ҙә Минең шаһиттарым, сөнки баштан уҡ Минең менән бергә булдығыҙ. Мин быларҙы иманығыҙ ҡаҡшамаһын өсөн һөйләнем. Һеҙҙе ғибәҙәтханаларҙан айырырҙар. Хатта шундай ваҡыт килер: һеҙҙе үлтергән һәр кем, Аллаға шуның менән хеҙмәт итәм, тип уйлар. Ә былай эшләүҙәре, Атаны ла, Мине лә белмәүҙәренән. Мин быны шуның өсөн әйттем: уларҙың ваҡыты еткәс, ошо хаҡта һөйләгәндәремде иҫегеҙгә төшөрөрһөгөҙ. Элек быларҙы һөйләмәнем, сөнки һеҙҙең менән бергә инем. Ә хәҙер Мин Үҙемде Ебәргәндең янына китәм, инде берегеҙ ҙә Минән: «Ҡайҙа бараһың?» – тип һорамай, сөнки Минең һүҙҙәремдән күңелдәрегеҙҙе хәсрәт биләп алды. Әммә һеҙгә дөрөҫөн әйтәм: Минең китеүем һеҙҙең өсөн хәйерлерәк. Әгәр китмәһәм, һеҙгә Яҡлаусы килмәйәсәк; ә китһәм, Мин Уны һеҙгә ебәрәсәкмен. Ул, килгәс, гонаһҡа, ғәҙеллеккә һәм хөкөмгә ҡарата дөрөҫ фекер йөрөтмәгән донъяны фашлаясаҡ: гонаһ – Миңә ышанмауҙарында; ғәҙеллек – Минең Атам янына китеүемдә һәм һеҙҙең Мине бүтәнсә күрмәүегеҙҙә; хөкөм – был донъяның хакимы инде хөкөм ителгән. Һеҙгә әйтәһе һүҙҙәрем бик күп, әммә хәҙер һеҙ уларҙы ҡабул итә алмаҫһығыҙ. Хәҡиҡәт Рухы килгәс инде, Ул һеҙгә тулы хәҡиҡәт юлын күрһәтер. Ул һеҙгә Үҙенән сығып түгел, ә ишеткәнен һөйләр һәм киләсәк тураһында хәбәр итер. Ул Минән алғанын һөйләр һәм Мине данлар. Атамдың нимәһе бар – бөтәһе лә Минеке. Шуға күрә: «Минән алғанын һеҙгә һөйләр», – тинем. Күп тә үтмәҫ, һеҙ Мине күрмәҫһегеҙ, ә йәнә бер аҙҙан ҡабат күрерһегеҙ. Шунда ҡайһы бер шәкерттәр бер-береһенә: – «Күп тә үтмәҫ, һеҙ Мине күрмәҫһегеҙ, ә йәнә бер аҙҙан ҡабат күрерһегеҙ» һәм «Мин Атам янына китәм» тип әйтеүе нимә аңлата икән? «Бер аҙҙан» тигәне ни икән? Беҙ Уның нимә һөйләүен аңламайбыҙ! – тиештеләр. Ғайса, уларҙың ни хаҡта һорарға теләүен белеп, былай тине: – Һеҙ бер-берегеҙҙән: «Күп тә үтмәҫ, һеҙ Мине күрмәҫһегеҙ, ә йәнә бер аҙҙан ҡабат күрерһегеҙ», – тигән һүҙҙәремдең нимә аңлатыуын һорашаһығыҙмы? Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙ иларһығыҙ, көйөнөрһөгөҙ, ә донъя шатланыр. Һеҙ ҡайғырырһығыҙ, әммә ҡайғығыҙ шатлыҡҡа әйләнер. Сәғәте еткәс, ауырлы ҡатын яфа сигә, әммә балаһын тапҡас, донъяға кеше тыуҙырыу шатлығынан, кисергән ғазаптарын онота. Шуның һымаҡ, һеҙ ҙә хәҙер ҡайғыраһығыҙ; әммә Мин һеҙҙе тағы күрермен, шунда күңелегеҙҙе шатлыҡ биләп алыр һәм ул шатлыҡты һеҙҙән бер кем дә тартып ала алмаҫ. Ул көндә Минән бер нәмә тураһында ла һорамаҫһығыҙ. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең исемемдән Атанан нимә генә һораһағыҙ ҙа, Ул һеҙгә бирер. Бығаса һеҙ Минең исемемдән бер ни ҙә һораманығыҙ. Һорағыҙ һәм алырһығыҙ, күңелдәрегеҙ шатлыҡ менән тулыр. – Әлегәсә Мин быларҙы һеҙгә кинәйә менән һөйләнем; ләкин сәғәте еткәс, һеҙгә Атам хаҡында кинәйәләп түгел, асыҡ итеп әйтермен. Ул көндә Унан Минең исемемдән һорарһығыҙ. Мин: «Һеҙҙең өсөн Атамдан үтенермен», – тимәйем, сөнки Мине яратҡанығыҙ һәм Минең Алланан килеүемә ышанғанығыҙ өсөн, Атам Үҙе һеҙҙе ярата. Мин донъяға Атамдан килдем һәм бына яңынан, донъяны ҡалдырып, Атам янына китәм. Шәкерттәре: – Бына хәҙер Һин кинәйә менән түгел, ә асыҡ итеп һөйләйһең, – тинеләр. – Хәҙер беҙ Һинең бар нәмәне белеүеңде һәм хатта һорағанға тиклем үк белеп тороуыңды аңланыҡ. Шуға күрә беҙ Һинең Алланан килеүеңә ышанабыҙ. Ғайса уларға: – Хәҙер ышандығыҙмы инде? – тип яуапланы. – Бына ваҡыт етә, эйе, ул етте инде: һеҙ барығыҙ ҙа, Мине яңғыҙ ҡалдырып, өйҙәрегеҙгә таралырһығыҙ. Ләкин Мин яңғыҙ түгелмен, сөнки Атам Минең менән. Мин быны һеҙ Миндә тыныслыҡ тапһын өсөн әйттем. Донъяла һеҙ күп ҡайғылар кисерерһегеҙ, ләкин ҡыйыу булығыҙ: Мин донъяны еңдем! Ғайса ошо һүҙҙәрҙән һуң күҙен күккә төбәп: – Атам! Ваҡыт етте. Улың Һине шөһрәтле итһен өсөн, Улыңды шөһрәтле ит, – тине. – Ул Һин ышанып тапшырған кешеләргә мәңгелек тормош бирһен тип, Уға барлыҡ кешеләр өҫтөнән хакимлыҡ бирҙең бит. Һине, берҙән-бер хаҡ Алланы һәм Һин ебәргән Ғайса Мәсихте танып белеү – ана шул мәңгелек тормош. Мин, Һин тапшырған эште башҡарып сығып, ерҙә Һинең шөһрәтеңде күрһәттем. Донъя яратылғандан әүәл Мин Һинең хозурыңда шөһрәтле инем. Инде хәҙер Һин, эй Атам, ул шөһрәт менән Үҙ хозурыңда Мине данла. Һин донъянан алып Миңә тапшырған кешеләргә Һинең исемеңде асып бирҙем. Улар Һинеке ине, Һин уларҙы Миңә бирҙең. Улар Һинең һүҙеңде тотто һәм хәҙер Һин Миңә биргән бар нәмәнең Һинән икәнен беләләр. Әйткән һүҙҙәреңде Мин уларға еткерҙем, улар ҡабул итте. Минең ысынлап та Һинән килеүемде танып, Мине Һин ебәргәнгә ышандылар. Мин улар өсөн үтенәм. Донъя өсөн түгел, ә Һин Миңә биргән кешеләр өсөн үтенәм, сөнки улар Һинеке. Минеке булған бөтә нәмә – Һинеке, ә Һинекеләр – Минеке. Шулар аша Минең шөһрәтем күрһәтелде. Мин инде донъяла түгел, Мин Һинең яныңа китәм, ә улар донъяла ҡала. Изге Атам! Беҙ бер булған кеүек, улар ҙа бер булһындар өсөн, уларҙы Үҙ исемеңдең – Миңә биргән исемеңдең ҡөҙрәте менән һаҡла. Улар менән бергә булған саҡта Мин уларҙы Һинең исемеңдең – Миңә биргән исемеңдең ҡөҙрәте менән һаҡлап тоттом. Мин уларҙы һаҡланым һәм, Изге Яҙмала әйтелгән һүҙҙәр тормошҡа ашһын өсөн, һәләк булырға тейешлеһенән башҡа береһе лә юғалманы. Хәҙер инде Мин Һинең яныңа барам. Был һүҙҙәрҙе, улар Минең шатлығымды тулыһынса уртаҡлашһын өсөн, донъяла ваҡытымда һөйләйем. Мин уларға Һинең һүҙеңде еткерҙем һәм донъя уларға нәфрәтләнде, сөнки Мин донъяныҡы булмаған кеүек, улар ҙа донъяныҡы түгел. Мин Һинән уларҙы донъянан алыуыңды түгел, ә Иблистән һаҡлауыңды үтенәм. Мин донъяныҡы булмаған кеүек, улар ҙа донъяныҡы түгел. Уларҙы Үҙ хәҡиҡәтең менән Үҙеңә бағышла, ә хәҡиҡәт – Һинең һүҙең. Һин Мине донъяға ебәргән кеүек, Мин дә уларҙы донъяға ебәрҙем. Һиңә хәҡиҡәт юлы аша бағышланһындар өсөн, улар хаҡына Һиңә Үҙемде бағышлайым. Ләкин Мин улар өсөн генә түгел, ә уларҙың һүҙе аша Миңә инаныусылар өсөн дә үтенәм. Бөтәһе бер булһын, Һин – Миндә һәм Мин Һиндә булған кеүек, Һинең Мине ебәреүеңә донъя инанһын өсөн, улар ҙа беҙҙә булһын. Миңә Һин биргән шөһрәтте уларға еткерҙем: Беҙ бер булған кеүек, улар ҙа бер булһын: Мин – уларҙа, Һин – Миндә. Шулай, Мине ебәргән булыуыңды һәм Мине яратҡан кеүек уларҙы ла яратыуыңды донъя таныһын өсөн, тулыһынса бер булһындар. Атам! Һин Миңә биргән кешеләрҙең Мин барасаҡ урында Минең менән бергә булыуҙарын теләйем. Улар Һин биргән шөһрәтте күрһен: Һин бит Миңә донъя яратылғанға тиклем үк мөхәббәтеңде бирҙең. Ғәҙел Атам! Донъя Һине белмәй, ә Мин Һине беләм һәм улар Мине Һин ебәргәнде белә. Һинең Миңә булған яратыуың уларҙа ла йәшәһен һәм Үҙем дә уларҙа йәшәйем тип, Мин Һинең исемеңде уларға белдерҙем һәм белдерәсәкмен. Ошо һүҙҙәрҙе әйткәндән һуң, Ғайса Үҙенең шәкерттәре менән Ҡидрон үҙәнен үтеп, шундағы баҡсаға барып инде. Ғайса шәкерттәре менән йыш ҡына шунда йыйылғанлыҡтан, был урынды хыянатсы Йәһүҙә лә белә ине. Бына ул, римлыларҙың ғәскәри төркөмөн һәм Алла йортоноң баш ҡаһиндар менән фарисейҙар тарафынан ебәрелгән һаҡсыларын эйәртеп, шунда килде. Улар факелдар, яҡтыртҡыстар һәм ҡоралдар тотҡайны. Ғайса, Үҙе менән ни буласағын белеп, уларға ҡаршы сыҡты. – Кемде эҙләйһегеҙ? – тип һораны. Тегеләр Уға: – Назаралы Ғайсаны, – тип яуап бирҙе. – Ул – Мин, – тине Ғайса. Хыянатсы Йәһүҙә лә улар менән шунда тора ине. Ғайса: «Ул – Мин», – тигәс, тегеләр артҡа сигенеп, ергә йығылып китте. Ғайса йәнә: – Кемде эҙләйһегеҙ? – тип һораны. Улар: – Назаралы Ғайсаны, – тине. – Мин һеҙгә: «Ул – Мин», – тип әйттем бит инде, – тине Ғайса. – Әгәр ҙә һеҙгә Мин кәрәк икән, янымдағы кешеләрҙе сығарып ебәрегеҙ. Ул быларҙы: «Һин Миңә биргәндәрҙең береһен дә юғалтманым», – тигән һүҙҙәре тормошҡа ашһын өсөн әйтте. Шимғон Петрустың ҡылысы бар ине. Ул уны һурып сығарҙы ла, иң баш ҡаһиндың хеҙмәтсеһенә һелтәнеп, уның уң ҡолағын сабып өҙҙө. Хеҙмәтсенең исеме Малхос ине. Ғайса Петрусҡа: – Ҡылысыңды ҡыныңа тығып ҡуй! Атам биргән туҫтаҡтан эсмәҫ инемме ни? – тине. Рим ғәскәриҙәре, уларҙың башлығы һәм йәһүдтәр тарафынан ебәрелгән Алла йорто һаҡсылары Ғайсаны тотоп бәйләне. Тәүҙә Уны шул йылда иң баш ҡаһин булған Ҡаяфастың ҡайныһы Ханнас янына алып барҙылар. Йәһүдтәргә: «Бөтөн халыҡҡа ҡарағанда, бер кешенең үлеүе хәйерлерәк булыр», – тип кәңәш биргән кеше шул Ҡаяфас ине. Шимғон Петрус һәм тағы бер шәкерт Ғайса артынан эйәрҙе. Был шәкерт, баш ҡаһин менән таныш булғанлыҡтан, Ғайса менән бергә баш ҡаһиндың ихатаһына инә алды, ә Петрус ҡапҡа янында тышта тороп ҡалды. Бер аҙҙан баш ҡаһиндың танышы булған теге шәкерт кире сыҡты. Ҡапҡа һаҡлаусы ҡыҙ менән һөйләшеп, ул Петрусты эскә алып инде. Шунда ҡапҡа һаҡлаусы хеҙмәтсе ҡыҙ Петрустан: – Һин дә анау Кешенең шәкертеме әллә? – тип һорағас, ул: – Юҡ, – тине. Һалҡын булғанлыҡтан, хеҙмәтселәр усаҡ яғып йылынып тора ине. Петрус та килеп улар менән бергә йылынды. Иң баш ҡаһин Ғайсанан шәкерттәре һәм нимәләргә өйрәтеүе тураһында һорашты. – Мин асыҡтан-асыҡ, бөтә кеше алдында һөйләнем, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Йәһүдтәр һәр ваҡыт йыйылған ғибәҙәтханала һәм Алла йортонда өйрәттем, йәшеренеп бер ни ҙә һөйләмәнем. Ниңә Минән һорайһығыҙ? Минең һүҙемде ишеткән кешеләрҙән һорағыҙ. Улар Минең нимә һөйләгәнемде белә. Ғайса шулай тигәс, Уға яҡын торған һаҡсыларҙың береһе Уның яңағына килтереп һуҡты: – Иң баш ҡаһинға Һин шулай яуап бирәһеңме? Ғайса уға: – Ялған һөйләгән булһам, ялғанлығын иҫбат ит. Әгәр дөрөҫөн һөйләйем икән, ниңә Миңә һуғаһың? – тине. Шунан Ханнас Ғайсаны бәйләнгән килеш иң баш ҡаһин Ҡаяфасҡа ебәрҙе. Шунда йылынып торған Шимғон Петрустан: – Һин Уның шәкерттәренең береһе түгелме? – тип һоранылар. – Юҡ, – тип инҡар итте Петрус. Иң баш ҡаһиндың хеҙмәтселәренең береһе, ҡолағын Петрус сабып өҙгән кешенең туғаны: – Мин һине ул Кеше менән бергә баҡсала күрҙем түгелме һуң? – тип һораны. Петрус тағы инҡар итте. Тап ошо ваҡытта әтәс ҡысҡырып ебәрҙе. Ғайсаны Ҡаяфас янынан өлкә башлығының һарайына алып килделәр. Был иртә менән булды. Йәһүдтәр һарайға инмәне, сөнки инһәләр, таҙарыныуҙары боҙолоп, Ҡотҡарылыу байрамында ҡатнаша алмаҫтар ине. Пилатос үҙе улар янына сыҡты: – Был Кешене нимәлә ғәйепләйһегеҙ? Тегеләр уға: – Әгәр ҙә Ул енәйәтсе булмаһа, беҙ Уны һинең хөкөмөңә тотоп килтермәгән булыр инек, – тип яуап бирҙе. – Уны алып китеп, үҙегеҙҙең ҡанунығыҙ буйынса хөкөм итегеҙ, – тине Пилатос. Йәһүдтәр: – Беҙҙең кемде лә булһа үлем язаһына тарттырырға хоҡуғыбыҙ юҡ, – тинеләр. Был иһә Ғайсаның Үҙенең нисек үләсәгенә ишара итеп әйткән һүҙҙәре тормошҡа ашһын өсөн әйтелде. Пилатос һарайына ҡабат инде һәм Ғайсаны саҡыртып: – Һин йәһүдтәр Батшаһымы? – тип һораны. – Һин быны үҙең генә әйтәһеңме, әллә Минең хаҡта башҡалар һөйләнеме? – тине Ғайса. – Мин йәһүдме ни? Һине миңә Үҙ халҡың һәм баш ҡаһиндар тапшырҙы. Һин нимә эшләнең? – тине Пилатос. – Минең Батшалығым был донъяныҡы түгел. Әгәр был донъяныҡы булһа, Минең кешеләрем Мине йәһүдтәргә бирмәҫ өсөн көрәшерҙәр ине. Юҡ, Минең Батшалығым бындағы түгел, – тип яуапланы Ғайса. – Тимәк, Һин Батшаһың, шулаймы? – тине Пилатос. Ғайса уға: – Һин үҙең Мине Батша тиһең. Мин хәҡиҡәт тураһында шаһитлыҡ ҡылыу өсөн тыуҙым, донъяға ла шуның өсөн килдем. Хәҡиҡәт яҡлы һәр кем Мине тыңлай, – тип яуапланы. – Нимә ул – хәҡиҡәт? – тип һораны Пилатос һәм, ошо һүҙҙе әйткәс, яңынан йәһүдтәр алдына сыҡты. Уларға: – Мин был кешелә бер ниндәй ҙә ғәйеп күрмәйем. Йолағыҙ буйынса Ҡотҡарылыу байрамында бер тотҡондо азат итәм. Йәһүдтәр Батшаһын азат итеүемде теләйһегеҙме? – тине. Шунда барыһы ла: – Уны түгел! Бараббасты! – тип ҡысҡырҙы. Бараббас иһә юлбаҫар ине. Шунан һуң Пилатос Ғайсаны ҡамсы менән һуҡтырырға ҡушты. Ғәскәриҙәр, сәнскәктән таж үреп, Уның башына һалдылар, өҫтөнә ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге ябынса кейҙерҙеләр һәм бер-бер артлы уның янына килеп: – Йәшәһен йәһүдтәр Батшаһы! – тип яңаҡтарына һуҡтылар. Пилатос йәнә сығып, халыҡҡа: – Ҡарағыҙ, хәҙер ул Кешене һеҙгә алып киләм. Белеп тороғоҙ, мин Унда бер ниндәй ҙә ғәйеп тапманым, – тине. Башына сәнскеле таж, өҫтөнә ҡыҙыл кейем кейҙерелгән Ғайса сығып баҫты. – Бына ул Кеше! – тине Пилатос. Баш ҡаһиндар һәм һаҡсылар Ғайсаны күргәс: – Уны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! – тип ҡысҡырҙылар. Пилатос уларға: – Алығыҙ ҙа үҙегеҙ ҡаҙаҡлағыҙ, сөнки мин Уның бер ғәйебен дә күрмәйем, – тине. Йәһүдтәр: – Беҙҙең ҡануныбыҙ бар. Был ҡанун буйынса, Ул үлергә тейеш, сөнки Үҙен Алла Улы тип атаны, – тип яуап бирҙеләр. Быны ишеткәс, Пилатос бигерәк тә ныҡ ҡурҡыуға төштө һәм, йәнә һарайға инеп, Ғайсанан: – Һин ҡайҙан булаһың? – тип һораны. Әммә Ғайса яуап бирмәне. – Һөйләшергә теләмәйһеңме? – тине Пилатос. – Һине азат итергә лә, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатырға ла хакимлығым барлығын белмәйһеңме ни? Ғайса уға яуап итеп: – Һиңә юғарынан бирелмәһә, Минең өҫтән бер ниндәй хакимлығың булмаҫ ине. Шунлыҡтан Мине һиңә тапшырған кешенең гонаһы һинекенән ҙурыраҡ, – тине. Был һүҙҙәренән һуң Пилатос Уны азат итергә тырышып ҡараны. Йәһүдтәр иһә: – Уны ҡотҡараһың икән, һин ҡайсарҙың дуҫы түгел! Үҙен үҙе батша тип иғлан иткән һәр кем – ҡайсарҙың дошманы! – тип ҡысҡырҙылар. Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Пилатос Ғайсаны сығарып, йәһүдсә «Ғаббаҫа» тип йөрөтөлгән «Таш баҫма» тигән ҡалҡыу ерҙәге хөкөм итеү урынына барып ултырҙы. Ҡотҡарылыу байрамына әҙерлек көнө, төш тирәһе ине. Пилатос йәһүдтәргә: – Бына һеҙҙең Батшағыҙ! – тине. Ә улар: – Олаҡтыр Уны! Олаҡтыр! Арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! – тип һөрәнләне. – Батшағыҙҙы ҡаҙаҡлатайыммы? – тине Пилатос. Баш ҡаһиндар: – Беҙҙең ҡайсарҙан башҡа батшабыҙ юҡ! – тип яуапланы. Ахырҙа Пилатос Ғайсаны, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатыр өсөн, уларға тапшырҙы. Уны алып киттеләр. Ғайса, Үҙенең арҡысағын күтәреп, ҡаланың «Баш һөйәге урыны», йәғни йәһүдсә «Голгоҫа» тип аталған урынға килде. Уны һәм Уның ике яғынан тағы ике кешене арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланылар, Ғайса уртаға тура килде. Пилатос ҡушҡанса яҙыу яҙып, арҡысаҡҡа ҡаҡтылар. Унда «Назаралы Ғайса – йәһүдтәр Батшаһы» тип яҙылғайны. Ул яҙыуҙы күп йәһүдтәр уҡыны, сөнки Ғайса арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған ер ҡалаға яҡын һәм ул яҙыу йәһүд, латин һәм грек телдәрендә ине. Йәһүдтәрҙең баш ҡаһиндары Пилатосҡа: – «Йәһүдтәр Батшаһы» тип түгел, ә «Был кеше Үҙен „Мин йәһүдтәр Батшаһы“ тине» тип яҙ, – тинеләр. Пилатос: – Ни яҙһам, шул яҙылды инде, – тип яуап бирҙе. Ғәскәриҙәр, Ғайсаны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлағас, Уның кейемдәрен һәр ғәскәригә бер өлөш тейерлек итеп дүрткә бүлделәр. Эске күлдәген дә алдылар, күлдәк тегелмәгән, бер бөтөн туҡыманан ине. Улар бер-береһенә: – Быны йыртмайыҡ, йәрәбә һалайыҡ, кемебеҙгә булһа ла сығыр, – тиеште. Был хәл Изге Яҙмалағы: «Кейемдәремде үҙ-ара бүлешеп алдылар, ябынсам өсөн йәрәбә ырғыттылар», – тигән һүҙҙәр тормошҡа ашһын өсөн булды. Ғәскәриҙәр тап шулай эшләне. Ғайса ҡаҙаҡланған арҡысаҡ янында Уның әсәһе, әсәһенең һеңлеһе, Клопастың ҡатыны Мәрйәм һәм Магдала ҡалаһынан Мәрйәм баҫып торалар ине. Ғайса, Үҙенең әсәһен һәм шунда уҡ торған яратҡан шәкертен күреп, әсәһенә: – Бына был – һинең улың, – тине. Унан шәкерткә: – Бына был – һинең әсәйең, – тине. Шул ваҡыттан башлап шәкерт Мәрйәмде үҙ өйөнә алды. Шунан һуң Ғайса, барыһы ла үтәлгәнен белгәнлектән, Изге Яҙмала әйтелгәндәр тормошҡа ашһын өсөн: – Һыуһаным! – тине. Шунда әсе шарап тултырылған көршәк тора ине. Ғәскәриҙәр һыу һеңдергесте әсе шарапҡа мандылар ҙа, уны майағас сыбығына элеп, Ғайсаның ирененә терәнеләр. Ғайса әсе шарапты татып ҡарағас: – Ғәмәлгә ашты! – тине лә башын эйеп йән бирҙе. Был хәлдәр йома көнө булды. Йәһүдтәр язалап үлтерелгәндәрҙең кәүҙәләрен шәмбегәсә арҡысаҡта ҡалдырырға теләмәне, сөнки шәмбе бөйөк байрам көнө ине. Шунлыҡтан, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған кешеләрҙең үлемдәрен йәһәтләү өсөн, Пилатостан уларҙың аяҡтарын һындыртыуын һоранылар. Шулай итеп мәйеттәрҙе ваҡытында арҡысаҡтан төшөрә алырҙар ине. Ғәскәриҙәр килеп, Ғайса менән бергә ҡаҙаҡланғандарҙың тәүҙә береһенең, унан икенсеһенең аяҡтарын һуғып һындырҙы. Ғайса янына килгәс, Уның инде үлгән булыуын күрҙеләр һәм аяҡтарына теймәнеләр. Әммә ғәскәриҙәрҙең береһе Ғайсаның ҡабырғаһына һөңгө менән сәнсте, унан шунда уҡ ҡан менән һыу ағып сыҡты. Быларҙы, һеҙ ҙә иманға килегеҙ тип, бөтәһен дә үҙ күҙе менән күргән кеше һөйләп бирҙе. Уның шаһитлығы хаҡ һәм ул үҙенең хәҡиҡәт һөйләүен белә. Был хәлдәр Изге Яҙмала: «Уның һис бер һөйәге һындырылмаҫ», – тип яҙылған һүҙҙәр тормошҡа ашһын өсөн булды. Ә Изге Яҙманың башҡа бер урынында: «Улар үҙҙәре сәнскән Затҡа ҡарар», – тип тә әйтелгән. Шунан һуң сығышы менән Аримаҫаянан булған Йософ Пилатостан Ғайсаның кәүҙәһен алырға рөхсәт һораны. Йософ Ғайсаның шәкерте ине, әммә, йәһүд башлыҡтарынан ҡурҡыуы арҡаһында, ул быны йәшереп йөрөнө. Пилатос рөхсәт биргәс, Йософ Ғайсаның кәүҙәһен арҡысаҡтан төшөрөп алды. Элегерәк төндә Ғайса янына барған Никодемус та уның менән бергә ине. Ул йөҙ ҡаҙаҡҡа яҡын мирра менән алоэ ҡушып яһалған хуш еҫле май килтерҙе. Улар, Ғайсаның мәйетен алып, йәһүдтәрҙең үлгәндәрҙе ерләү йолаһы буйынса, хушбуй һеңдерелгән кәфенгә уранылар. Ғайса арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған ерҙә – бер баҡса, ә баҡсала бығаса һис кем һалынмаған яңы ҡәбер бар ине. Йәһүдтәрҙең байрамға әҙерләнә торған йома көнө булған өсөн һәм ҡәбер яҡын булғанлыҡтан, Ғайсаны шунда һалдылар. Аҙнаның беренсе көнөндә таң менән, әле ҡараңғы ваҡытта уҡ, магдалалы Мәрйәм ҡәбер янына килде һәм ҡәбер ауыҙындағы таштың ауҙарылғанын күрҙе. Ул Шимғон Петрусҡа һәм теге, Ғайса яратҡан, шәкерткә йүгереп барҙы. Уларға: – Хакимыбыҙҙы ҡәберҙән алып киткәндәр. Ҡайҙа һалғандарын белмәйбеҙ, – тине. Петрус менән әлеге шәкерт ҡәбер янына китте. Улар икеһе лә йүгереп барҙы, әммә шәкерт Петрусты уҙып, алданыраҡ барып етте. Эйелеп эскә ҡарағас, ул шунда ятҡан кәфенде күрҙе, ләкин ҡәбер эсенә инмәне. Уның артынса Шимғон Петрус та килеп етте. Ул, мәмерйә эсенә инеп, унда ятҡан кәфенде һәм Ғайсаның башына уралған яулыҡты күрҙе. Әммә яулыҡ кәфен менән бергә түгел, ә урап ҡуйылғанса, үҙ урынында айырым ята ине. Шунда ҡәбер янына алданыраҡ йүгереп килгән шәкерт тә эскә инде, ул барыһын да күрҙе һәм ышанды. Улар Ғайсаның үленән тереләсәге тураһында Изге Яҙмала әйтелгәнде аңламайҙар ине әле. Шунан һуң шәкерттәр өйҙәренә ҡайтты. Ә Мәрйәм ҡәбер янында илап ҡалды. Ул илай-илай ҡәбер эсенә эйелеп ҡараны һәм унда аҡтан кейенгән ике фәрештәне күрҙе. Уларҙың береһе Ғайсаның кәүҙәһе ятҡан урындың баш тәңгәлендә, икенсеһе аяҡ осонда ултыра ине. Улар: – Эй ҡатын! Ниңә илайһың? – тип һоранылар. – Хакимымды алып киткәндәр, ә ҡайҙа ҡуйғандарын белмәйем, – тине Мәрйәм. Шулай тигәндән һуң боролоп, артында баҫып торған Ғайсаны күрҙе, әммә Уны таныманы. – Һеңлекәш, ниңә илайһың? Кемде эҙләйһең? – тине уға Ғайса. Мәрйәм Уны баҡсасы тип уйлап: – Әфәндем! Уны һин алып сыҡҡан булһаң, ҡайҙа ҡуйғаныңды әйт, мин Уны алайым, – тине. Ғайса уға: – Мәрйәм! – тип өндәште. Мәрйәм, әйләнеп ҡарап, йәһүдсә: – Раббуни (йәғни Остаз)! – тип ҡысҡырып ебәрҙе. – Миңә теймә! – тине Ғайса, – Мин әле Атам янына олғашманым. Шәкерттәремә ҡайтып әйт: «Мин Үҙемдең һәм һеҙҙең Атағыҙ янына, Минең һәм һеҙҙең Аллағыҙ янына олғашам». Магдалалы Мәрйәм шәкерттәргә барып: – Мин Хакимыбыҙҙы күрҙем, – тине һәм Ғайса әйткәндәрҙе һөйләп бирҙе. Шәкерттәр шул көндө, йәғни аҙнаның беренсе кисендә, йәһүдтәрҙән ҡурҡып, өй ишектәрен бикләп, йыйылып ултыра ине. Шунда Ғайса килеп инде. Ул уртаға баҫып: – Именлек һеҙгә! – тине. Быны әйткәс, ҡулдарын һәм ҡабырғаһын күрһәтте. Шәкерттәр Раббыларын күреп бик ҡыуанды. Ғайса тағы: – Именлек һеҙгә! – тип ҡабатланы. – Атам Мине ебәргән кеүек, Мин дә һеҙҙе ебәрәм. Шулай тип, һулышын уларға өрҙө: – Изге Рухты ҡабул итегеҙ! Кемдең гонаһтарын ғәфү итһәгеҙ, шуныҡы ғәфү ителер; кемдекен ғәфү итмәйһегеҙ, шуныҡы ғәфү ителмәҫ, – тине. Ғайса килгәндә ун икенең береһе, Игеҙәк ҡушаматлы Томас, улар янында юҡ ине. Башҡа шәкерттәр уға: – Беҙ Хакимыбыҙҙы күрҙек! – тинеләр. Ә Томас уларға: – Уның ҡулдарындағы ҡаҙаҡтан алған яраларын күрмәйенсә, шул яраларға бармағымды, ҡабырғаһындағы йәрәхәткә ҡулымды тейҙереп ҡарамайынса, ышанмаясаҡмын, – тип яуапланы. Бер аҙна үткәс, шәкерттәр тағы бергә йыйылды. Был юлы Томас та улар менән бергә ине. Ишек бикле булһа ла, Ғайса килеп инде һәм уларҙың уртаһына баҫып: – Именлек һеҙгә! – тине. Унан Томасҡа: – Бармағыңды бында һуҙ ҙа ҡулдарыма ҡара. Ҡулың менән ҡабырғамдағы йәрәхәткә ҡағыл! Шикләнмә, ә ышан, – тине. – Минең Раббым һәм минең Аллам! – тип ҡысҡырып ебәрҙе Томас. Ғайса уға: – Һин Мине күргәнгә күрә ышандың. Күрмәйенсә инанғандар ни тиклем бәхетле, – тине. Ғайса шәкерттәре алдында был китапта яҙылмаған башҡа бик күп мөғжизәләр ҙә күрһәтте. Былары иһә Ғайсаның Алла Улы, Мәсих булыуына инаныуығыҙ өсөн һәм, Уға инаныу арҡаһында, Уның исеменән һеҙгә йәшәү булһын өсөн яҙылды. Ошо хәлдәрҙән һуң Ғайса Тибериас күле буйында шәкерттәренә тағы күренде. Уның күренеүе былай булды: Шимғон Петрус, Игеҙәк ҡушаматлы Томас, Галилеяның Кана ҡалаһынан Наҫанаил, Зәбәҙәйостың улдары һәм йәнә ике шәкерт бергә йыйылғайны. Шимғон Петрус: – Мин балыҡ тоторға барам, – тигәс, бүтән шәкерттәр: – Беҙ ҙә һинең менән барабыҙ, – тинеләр. Кәмәгә ултырып йөҙөп киттеләр, тик ул төндә бер нәмә лә тота алманылар. Таң атҡанда яр буйында Ғайса баҫып тора ине, әммә шәкерттәре Уны таныманы. – Дуҫтар! Ашарлыҡ берәй нәмә тота алдығыҙмы? – тип һораны Ғайса уларҙан. – Юҡ, – тине тегеләр. Ғайса: – Ауҙы кәмәнең уң яғына һалығыҙ, тоторһоғоҙ, – тине. Улар шулай итте һәм эләккән балыҡтың күплегенән ауҙы тартып сығара алманы. Шунда Ғайсаның яратҡан шәкерте Петрусҡа: – Был – беҙҙең Раббыбыҙ! – тине. «Раббыбыҙ» тигән һүҙҙе ишеткәс, Шимғон Петрус өҫ кейемен тәненә урап (ул кейенмәгән ине), кәмәнән һыуға һикерҙе. Ә бүтән шәкерттәр, балыҡ тулған ауҙы йөҙ утыҙ аршын самаһы ғына алыҫлыҡтағы ярға һөйрәп сығарып, уның артынан кәмәлә йөҙөп китте. Ярға сыҡҡас, улар усаҡтағы ҡуҙ өҫтөндә ятҡан балыҡты күрҙе. Усаҡ янында икмәк тә бар ине. Ғайса уларға: – Тотҡан балыҡтарығыҙҙың аҙырағын бында алып килегеҙ, – тине. Шимғон Петрус кәмәгә инеп, эре-эре балыҡ тулған ауҙы ярға тартып сығарҙы. Унда йөҙ ҙә илле өс балыҡ бар ине. Шул тиклем күп балыҡ булыуға ҡарамаҫтан, ау йыртылманы. Ғайса шәкерттәренә: – Ашарға ултырығыҙ, – тине. Уларҙың береһе лә Унан: «Һин кем?» – тип һорарға баҙнат итмәне, сөнки Уның Раббы Ғайса икәнен аңлағайнылар инде. Ғайса, яҡыныраҡ килеп, икмәкте ҡулына алды һәм уларға өләшеп сыҡты, шулай уҡ балыҡты ла таратып бирҙе. Был инде Ғайсаның үлеп терелгәндән һуң шәкерттәренә өсөнсө тапҡыр күренеүе ине. Улар ҙа ашап туйғас, Ғайса Шимғон Петрустан: – Яхъя улы Шимғон! Һин Мине быларға ҡарағанда нығыраҡ яратаһыңмы? – тип һораны. Петрус: – Эйе, Раббым! Һин миңә ни тиклем яҡын икәнлегеңде беләһең, – тип яуапланы. Ғайса: – Минең бәрәстәремде ашатып тор, – тине һәм икенсе тапҡыр: – Яхъя улы Шимғон! Һин Мине яратаһыңмы? – тип һораны. Петрус Уға: – Эйе, Раббым! Һин миңә ни тиклем яҡын икәнлегеңде беләһең, – тип яуапланы. Ғайса: – Минең һарыҡтарымды көт, – тине һәм өсөнсө тапҡыр ҙа унан: – Яхъя улы Шимғон! Һин Мине ныҡ яҡын күрәһеңме? – тип һораны. Петрус Уның: «Һин Мине ныҡ яҡын күрәһеңме?» – тип өсөнсө тапҡыр һорауына көйөнөп: – Раббым! Һиңә бөтәһе лә билдәле. Һин миңә ни тиклем яҡын икәнлегеңде лә беләһең, – тип яуап бирҙе. Ғайса уға йәнә: – Минең һарыҡтарымды ашатып тор, – тине. – Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: йәш сағыңда һин, үҙ-үҙеңде билбаулап, теләгән ереңә бара инең. Ә ҡартайғас, ҡулдарыңды ситкә һуҙырһың һәм, башҡа берәү һине билбаулап, теләмәгән ереңә алып китер. Ул был һүҙҙәрҙе Петрустың ниндәй үлем менән Алланы данлаясағын белдереп әйтте. Шунан һуң Ғайса уға: – Минең арттан бар! – тине. Петрус боролоп ҡараны ла арттарынан Ғайсаның яратҡан шәкерте килеүен күрҙе. Был – киске аш табынында Ғайсаның эргәһендә ултырған һәм: «Хакимым! Һиңә кем хыянат итәсәк?» – тип һораған шәкерт ине. Петрус уны күргәс: – Раббым! Уның менән нимә буласаҡ? – тип һораны. – Мин яңынан килгәнгә тиклем уның йәшәүен теләһәм дә, һинең ни эшең бар? Һин Минең артымдан бар, – тине Ғайса. Бына нилектән имандаштар араһында: «Ул шәкерт үлмәйәсәк», – тигән һүҙ таралды. Әммә Ғайса «ул үлмәйәсәк» тимәне, бары тик: «Мин яңынан килгәнсе уның йәшәүен теләһәм дә, һинең ни эшең бар?» – тип кенә әйтте. Был ваҡиғалар тураһында һөйләп биргән һәм уларҙы яҙған шәкерт шул үҙе. Беҙ уның шаһитлығы хаҡ икәнде беләбеҙ. Ғайса быларҙан башҡа ла күп эштәр башҡарҙы. Әгәр ҙә уларҙың һәммәһе бәйнә-бәйнә яҙылһа, ул китаптар донъяға һыймаҫ ине, тип уйлайым. Ғазап сигеүҙәренән һәм үлгәненән һуң, күп һанлы дәлилдәр ярҙамында Үҙенең тере икәнлеген иҫбат итте. Ул илселәренә ҡырҡ көн буйына күренде һәм Алла Батшалығы тураһында һөйләне. Шулай бер ваҡыт, ашап ултырғандарында, Ғайса илселәренә бойорҙо: – Йәрүсәлимдән китмәгеҙ, Ата вәғәҙә иткәнде көтөгөҙ. Мин һеҙгә ул хаҡта һөйләгәйнем. Яхъя кешеләрҙе һыуға сумдырғайны, һеҙ бер нисә көндән Изге Рухҡа сумдырылырһығыҙ. Бергә йыйылғас, илселәр Ғайсанан: – Раббыбыҙ! Исраил батшалығын тергеҙә торған ваҡытың еттеме? – тип һоранылар. Ул иһә: – Ата Үҙ хакимлығы менән билдәләгән ваҡыттарҙы һәм миҙгелдәрҙе белеү һеҙҙең эшегеҙ түгел, – тине уларға. – Әммә һеҙ үҙегеҙгә Изге Рух ингәндән һуң ҡөҙрәт алырһығыҙ һәм Йәрүсәлимдә, бөтә Йәһүҙиәлә, Самарияла, хатта донъяның сигенә үк барып етеп, һәр ерҙә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылырһығыҙ. Ошо һүҙҙәрҙе әйткәс, Ғайса илселәрҙең күҙ алдында күккә олғашты, болот Уны уларҙың ҡарашынан йәшерҙе. Ғайсаның күтәрелеүен күҙәтеп, күккә текләп ҡарап торғанда, ҡапыл илселәр янында аҡ кейемле ике ир заты пәйҙә булды. Улар: – Галилея ир-уҙамандары! Ниңә һеҙ һауаға текләп тораһығыҙ? Арағыҙҙан күктәргә алынған Ғайса, нисек күккә олғашҡан булһа, шул рәүешле үк яңынан киләсәк, – тине. Шунан аҙаҡ илселәр Йәрүсәлимдән бер саҡрым самаһы юлда ятҡан Зәйтүн тауы тип аталған тауҙан Йәрүсәлимгә ҡайтты. Ҡайтып еткәс, өҫкө ҡаттағы бүлмәгә күтәрелделәр. Петрус, Яхъя, Яҡуп, Әндриас, Филиппус, Томас, Барҫоломай, Маҫҫайос, Алфай улы Яҡуп, Көрәшсе Шимғон һәм Яҡуп улы Йәһүҙә бында туҡталды. Улар һәр ваҡыт берҙәм булып доға ҡылды. Бер нисә ҡатын менән Ғайсаның әсәһе Мәрйәм дә, ҡустылары ла улар менән булды. Шулай бер көн, Петрус иманлылар алдына тороп баҫты. Йыйылышта йөҙ егермегә яҡын кеше бар ине. – Имандаштар, – тип һүҙ башланы ул. – Ғайсаны ҡулға алырға килгән кешеләрҙе эйәртеп килгән Йәһүҙә хаҡындағы һүҙҙәрҙе Изге Рух беҙгә Дауыт аша алдан әйткән. Яҙмалағы был һүҙҙәр тормошҡа ашырға тейеш ине. Йәһүҙә беҙҙең беребеҙ ине, хеҙмәттәребеҙҙә ҡатнашырға һайланды. Ул хәрәм аҡсаға ер һатып алды, әммә, шул ерҙә йығылып, эсе ярылды һәм бөтә эске ағзалары тышҡа ағып сыҡты. Был турала Йәрүсәлим халҡы белеп ҡалды һәм баҫыуҙы үҙ телдәрендә «Акелдама», йәғни «Ҡанлы ер», тип атаны. Зәбүр китабында: «Торлағы бушап ҡалһын, эсендә бер кем дә йәшәмәһен», һәм: «Уның вазифаһын башҡа берәү биләһен», – тип яҙылған бит. Ике кешене: Барсаббас тип аталған Йософто (уны Юстос тип тә атайҙар) һәм Маҫҫиасты тәҡдим иттеләр. Шунан һуң улар йәрәбә һалды. Йәрәбә Маҫҫиасҡа төштө, һәм ул бүтән ун бер илсе иҫәбенә индерелде. Илленсе көн байрамы еткәндә иманлыларҙың барыһы ла бергә ине. Күктән ҡапыл көслө ел иҫкәндәге кеүек тауыш ишетелде һәм улар ултырған йорт эсе шул тауышҡа күмелде. Иманлылар ялҡын телдәренә оҡшаш нәмәләр күрҙе, һәм ул телдәр һәр береһенең өҫтөнә төштө. Барыһы ла Изге Рух менән һуғарылып, башҡа телдәрҙә һөйләшә башланы: был һәләтте уларға Алла Рухы бирҙе. Йәрүсәлимдә ер йөҙөндәге төрлө илдәрҙән килгән диндар йәһүдтәр йәшәй ине. Шау-шыуға халыҡ йыйылды, һәр кем был иманлыларҙың уның үҙенең телендә һөйләүен ишетеп, иҫе китте. – Быларҙың барыһы ла Галилеянан түгелме һуң? – тине улар тамам аптырап. – Һәр кемебеҙ уларҙың һөйләгәнен үҙ туған телендә ишетә, быны нисек аңларға? Арабыҙҙа Пәрҫиә, Мадай, Ғелам кешеләре, Месопотамияла, Йәһүҙиәлә, Каппадукияла, Понтоста, Асия өлкәһендә, Фругияла, Памфулияла, Мысырҙа һәм Ливияның Куренеға яҡын өлөштәрендә һәм Римда йәшәүселәр, крит һәм ғәрәптәр, йәһүдтәр һәм йәһүд диненә күскәндәр ҙә бар. Беҙ уларҙың Алланың ҡөҙрәтле эштәре тураһында үҙебеҙҙең телдәрҙә һөйләгәндәрен ишетәбеҙ! Бөтәһе лә хайран ҡалды һәм, аптырашып, бер-береһенә: – Был нимәне аңлата икән? – тиеште. Ә ҡайһы берҙәре: – Улар шарап эсеп иҫергән, – тип көлдө. Петрус иһә ун бер илсе менән бергә тороп баҫты ла көслө тауыш менән һөйләй башланы. – Йәһүд халҡы һәм Йәрүсәлимдә йәшәгән барлыҡ кешеләр! Аңлайышлы булһын өсөн, барыһын да һеҙгә аңлатам, һүҙемде иғтибар менән тыңлағыҙ, – тине ул халыҡҡа. – Улар, һеҙ уйлағанса, иҫерек түгел, сәғәт иртәнге туғыҙынсы ғына бит әле. Был хәлдәр хаҡында Алла Йоил пәйғәмбәр аша алдан әйткән: «Ахырызаман килгәндә, – ти Алла, – барлыҡ кешеләр өҫтөнә Үҙ Рухымды яуҙырырмын. Улдарығыҙ, ҡыҙҙарығыҙ пәйғәмбәрлек ҡылыр. Йәштәрегеҙгә илаһи күренмештәр иңер, ҡарттарығыҙ әүлиә төштәр күрер. Ул көндәрҙә Үҙ Рухымды хатта ир һәм ҡатын ҡолдарға ла яуҙырырмын. Улар ҙа пәйғәмбәрлек ҡылырҙар. Юғарыла – күктә – мөғжизәләр, ә түбәндә – ерҙә – хикмәттәр күрһәтермен: Ҡан, ут һәм төтөн бағаналары күренер, Раббының бөйөк һәм шөһрәтле көнө килерҙән алда ҡояш – ҡараңғылыҡҡа, ай ҡанға әйләнер. Раббыны исеме менән саҡырғандар барыһы ла ҡотолор». – Исраилдар! – тип дауам итте һүҙен Петрус. – Тыңлағыҙ: белеүегеҙсә, Алла һеҙҙең күҙ алдығыҙҙа Ғайса арҡылы ҡөҙрәтле эштәр, мөғжизәләр, хикмәттәр ҡылды һәм шул эштәре менән назаралы Ғайсаның һеҙҙең өсөн билдәләнгән Зат икәнен иҫбат итте. Был Кеше Алланың ниәте һәм алдан белеп тороуы менән һеҙҙең ҡарамаҡҡа тапшырылғайны. Һеҙ Уны Алла ҡанунын белмәүселәр ҡулы менән арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатып үлтерҙегеҙ. Әммә Алла, үлем бығауҙарын өҙөп, Уны терелтте, сөнки үлем Ғайса алдында көсһөҙ ине. Дауыт Уның тураһында былай тине: «Мин Раббыны һәр ваҡыт алдымда күрәм. Ул уң яғымда торған өсөн мине бер нәмә лә ҡаҡшата алмаҫ. Һин миңә йәшәү юлын өйрәттең. Мине Үҙ ҡаршыңдашатлыҡҡа сорнарһың». – Туғандар! – тип дауам итте Петрус. – Ырыуыбыҙ башлығы Дауыт хаҡында тураһын әйтәм: ул үлде һәм ергә тапшырылды. Билдәле булыуынса, уның ҡәбере бөгөнгө көнгәсә һаҡланған. Дауыт пәйғәмбәр була һәм Алланың тәхеткә үҙе урынына нәҫеленән береһен ултыртырға ант иткәнен белә. Ул, алдан күреп, Мәсихтең үленән тереләсәге, Уның үлеләр донъяһында ҡалдырылмаясағы, тәненең серемәйәсәге тураһында әйтте. Һәм бына Алла ошо Ғайсаны үленән терелтте, беҙ бөтәбеҙ ҙә – бының шаһиттары. Шулай итеп, Ул Алланың уң яғына күккә олғашты һәм, Атаһы вәғәҙә иткән Изге Рухты алып, Уны беҙгә яуҙырҙы. Һеҙ әле тап шуны күрҙегеҙ һәм ишеттегеҙ. Шулай итеп, бөтә Исраил халҡы аныҡ белһен: Алла һеҙ арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлаған ошо Ғайсаны Хаким һәм Мәсих итте. Был һүҙҙәр тыңлаусыларҙың йөрәктәренә үтеп инде. Улар Петрустан һәм башҡа илселәрҙән: – Туғандар, беҙгә ни эшләргә һуң? – тип һораны. – Гонаһтарығыҙ ғәфү ителһен өсөн һәр берегеҙ тәүбәгә килегеҙ һәм Ғайса Мәсих исеме менән һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгеҙ. Шул ваҡытта Алланың бүләген – Изге Рухты ҡабул итерһегеҙ. Был вәғәҙә – Аллабыҙ Раббы Үҙенә саҡырған һәр кемгә: һеҙгә, һеҙҙең балаларығыҙға һәм алыҫта йәшәгән барыһына ла ҡағыла, – тип яуап бирҙе Петрус. Күп кенә башҡа өгөт-нәсихәттәрен дә биреп: – Ошо быуындың боҙоҡлоғонан ҡотолоғоҙ, – тип өндәне. Уның һүҙҙәрен ҡабул итеүселәр һыуға сумдырылыу йолаһын үтәне һәм шул көндө иманлылар өс меңгә яҡын кешегә тулыланды. Иман юлындағы кешеләр үҙҙәрен илселәрҙең тәғлимәтен өйрәнеүгә, аралашыуға, бергә икмәк бүлешеүгә, доғаға бағышланылар. Илселәр арҡылы күп мөғжизәләр һәм хикмәттәр күрһәтелеп, һәр кемдең күңелендә ҡурҡыу хисе уянды. Барлыҡ иманлылар берҙәм булды, уларҙың бөтә нәмәһе уртаҡ ине. Ерҙәрен һәм мөлкәттәрен һатып, һәр кемдең ихтыяжына ҡарап бүлеп бирҙеләр. Бер көн, көндөҙгө өстәр тирәһендә, доға ҡылыу ваҡытында, Петрус менән Яхъя Алла йортона килде. Шул мәл тыумыштан аҡһаҡ бер кешене алып килделәр. Уны көн һайын Алла йортоноң Матур тип аталған ҡапҡаһы янына ултыртып, инеүселәрҙән саҙаҡа һорарға ҡалдырып китәләр ине. Алла йортона инеп барған Петрус менән Яхъяны күреп, был кеше уларҙан да хәйер һораны. Петрус менән Яхъя уға текләп ҡараны. – Беҙгә ҡара, – тине Петрус. Теге кеше, ни ҙә булһа алырға өмөтләнеп, уларға баҡты. Әммә Петрус: – Минең алтын-көмөшөм юҡ, ләкин нимәм бар, шуны һиңә бирәм. Назаралы Ғайса Мәсих исеменән бойорам: тор ҙа атлап кит! – тип, уны уң ҡулынан тотоп торғоҙҙо. Шунда уҡ аҡһаҡтың аяҡ быуындары нығынды. Ул һикереп торҙо ла атлай башланы, Алланы маҡтай-маҡтай, ырғып-һикереп йөрөнө, Петрус менән Яхъяға эйәреп, Алла йортона инде. Бөтә халыҡ был кешенең атлап киткәнен һәм Алланы маҡтағанын күрҙе. Кешеләр уның Матур ҡапҡа төбөндә хәйер һорашып ултырған әҙәм икәнен танығайны, шуға уның менән булған хәлгә иҫтәре китеп хайран ҡалды. Әлеге һауыҡҡан кеше Петрус менән Яхъянан ҡалмағас, аптырашта ҡалған халыҡ уларҙы Сөләймәндең айуаны тип аталған урында уратып алды. Петрус, быны күргәс, халыҡҡа: – Исраилдар! Ниңә аптырап ҡалдығыҙ? – тине. – Әллә уны үҙ ҡөҙрәтебеҙ йәки диндарлығыбыҙ менән һауыҡтырған тип уйлап беҙгә текәлдегеҙме? Ибраһимдың, Исхаҡтың һәм Яҡуптың Аллаһы, беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы Үҙенең Хеҙмәтсеһе Ғайсаның данын шулай күтәрҙе, ә һеҙ Уны тотоп бирҙегеҙ. Пилатос Уны азат итергә ҡарар иткәндә, һеҙ Пилатос алдында Унан баш тарттығыҙ. Һеҙ, Изге һәм Хаҡ булғандан ваз кисеп, кеше үлтереүсене иреккә сығарыуҙы талап иттегеҙ. Һеҙ тормошто Булдырыусыны үлтерҙегеҙ! Ләкин Алла Уны терелтте, беҙ быға шаһит булдыҡ. Ғайса һеҙ күреп белгән был кешегә ҡеүәт бирҙе, сөнки ул Ғайса исеменең ҡөҙрәтенә ышанды. Ғайса арҡылы килгән иман күҙ алдығыҙҙа уны тулыһынса һауыҡтырҙы. – Хәҙер, туғандар, аңлайым: һеҙ, быны башлыҡтарығыҙ кеүек үк, белмәйенсә эшләнегеҙ, – тип дауам итте Петрус. – Алла Үҙ Мәсихенең ғазап сигәсәге тураһында барлыҡ пәйғәмбәрҙәр аша алдан әйткән хәбәрен шулай тормошҡа ашырҙы. Ә һеҙ, гонаһтарығыҙ юйылһын өсөн, тәүбә итегеҙ һәм Аллаға табан боролоғоҙ. Шулай итһәгеҙ, Раббынан яңырыу осоро килер, Ул һеҙгә алдан билдәләнгән Мәсихте – Ғайсаны ебәрер. Алла күптән үк Үҙенең изге пәйғәмбәрҙәре аша әйткән барлыҡ һүҙҙәр ғәмәлгә ашҡансы, Ғайса күктә ҡалырға тейеш. Муса: «Аллағыҙ Раббы һеҙгә ҡәрҙәштәрегеҙ араһынан минең кеүек бер Пәйғәмбәр һайлап ҡуйыр. Нимә генә тиһә лә, һеҙ бар нәмәлә Уны тыңларға тейешһегеҙ. Ул Пәйғәмбәрҙең әйткәндәрен тыңламаған һәр кем Алла халҡы араһынан юҡ ителәсәк», – тигән бит. Шемуилдан башлап унан һуңғы бөтә пәйғәмбәрҙәр был көндәр хаҡында алдан хәбәр итте. Һеҙ – пәйғәмбәрҙәрҙең вариҫтары. Алла Ибраһимға: «Ер йөҙөндәге барлыҡ халыҡтар һинең тоҡомоң аша фатиха алыр», – тип, аталарығыҙ менән килешеү төҙөгән. Ошо килешеүгә һеҙ ҙә инәһегеҙ. Алла Үҙенең Хеҙмәтсеһен терелткәс, фатихаһын биреү һәм һәр ҡайһығыҙҙы яҙыҡ эштәренән аралау өсөн, Уны иң тәүҙә һеҙгә ебәрҙе. Петрус менән Яхъяны ҡулға алып, инде кис булғанлыҡтан, иртәгәһе көнгәсә уларҙы һаҡ аҫтында тоттолар. Тыңлап тороусыларҙың күбеһе илселәр һөйләгән вәғәзгә ышанды, һәм иманға килеүсе ирҙәрҙең һаны биш меңгә етте. Икенсе көндө Йәрүсәлимдә йәһүд башлыҡтары, аҡһаҡалдар һәм ҡанун белгестәре йыйылды. Иң баш ҡаһин Ханнас, Ҡаяфас, Яхъя, Искәндәр һәм баш ҡаһин ырыуынан булған бүтәндәр ҙә шунда ине. Петрус менән Яхъяны уртаға баҫтырып, уларҙан һорау ала башланылар: – Һеҙ быларҙың барыһын да ниндәй ҡөҙрәт менән һәм кем исеменән башҡарҙығыҙ? Шул ваҡыт Петрус, Изге Рух менән һуғарылып: – Халыҡ башлыҡтары, аҡһаҡалдар! – тине. – Әгәр ҙә бөгөн беҙҙән ғәрипкә күрһәткән яҡшылығыбыҙ һәм уны нисек итеп һауыҡтырыуыбыҙ хаҡында яуап талап итәһегеҙ икән, һеҙ ҙә, бөтә Исраил халҡы ла белһен: ҡаршығыҙҙа баҫып торған кеше, һеҙ арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатҡан, әммә Алла тарафынан үленән терелтелгән назаралы Ғайса Мәсих исеме менән һауыҡтырылды. Ғайса – ул «һеҙ төҙөүселәр ташлаған һәм иң мөһим мөйөш ташына әйләнгән таш». Башҡа бер кемдән дә ҡотолоу килмәҫ. Был күктең аҫтында кешеләргә бирелгән исемдәр араһында беҙҙе ҡотҡара алған башҡа исем юҡ, – тине Петрус. Юғары кәңәшмә ағзалары Петрус менән Яхъяның ҡыйыулығын күрҙеләр һәм, уларҙың уҡымаған, ябай кешеләр икәнен белеп, хайран ҡалдылар. Шунан һуң ғына уларҙың Ғайса менән бергә йөрөгән кешеләр икәнен аңланылар. Һауыҡҡан кешенең дә улар янында тороуын күргәс, ҡаршы һүҙ әйтә алманылар һәм уларға Кәңәшмәнән сығып торорға ҡуштылар. – Был кешеләр менән нимә эшләргә? Уларҙың бөйөк мөғжизә ҡылыуы бар Йәрүсәлим халҡына билдәле. Беҙ быны инҡар итә алмайбыҙ. Әммә, был хаҡта халыҡ араһында һүҙ ҡуйырмаһын өсөн, әйҙәгеҙ, бынан ары был Кеше исеменән бер кемгә лә һөйләнеп йөрөмәһендәр, тип ҡурҡытып ҡуяйыҡ, – тип үҙ-ара кәңәш ҡорҙолар. Шунан Петрус менән Яхъяны ҡабаттан саҡырып индерҙеләр ҙә Ғайса исеменән бер ҡасан да һүҙ һөйләмәҫкә һәм өйрәтмәҫкә ҡуштылар. Әммә тегеләр: – Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, Алла һүҙен түгел, һеҙҙең һүҙҙе тыңлаһаҡ, был Алла ҡаршыһында дөрөҫ булырмы һуң? Беҙ күргәндәребеҙ һәм ишеткәндәребеҙ тураһында һөйләмәй булдыра алмайбыҙ, – тип яуап бирҙе. Юғары кәңәшмә ағзалары, яза бирерлек сәбәп таба алмағас, тағы бер тапҡыр янап, Петрус менән Яхъяны сығарып ебәрҙе. Сөнки булған хәл айҡанлы бөтөн халыҡ Алланы данлай ине. Ни өсөн тигәндә, һауығыу мөғжизәһен татыған теге кеше ҡырҡ йәштән уҙғайны инде. Иреккә сығарылғас, Петрус менән Яхъя иптәштәре янына килде, уларға баш ҡаһиндар һәм аҡһаҡалдар әйткән һүҙҙәрҙе һөйләп бирҙеләр. Быны ишеткән имандаштар көр тауыш менән бергәләшеп Аллаға доға ҡылды: – Бөйөк Хакимыбыҙ! Һин күкте, ерҙе, диңгеҙҙе һәм уларҙағы бөтә нәмәне барлыҡҡа килтерҙең. Изге Рух аша Үҙеңдең хеҙмәтсең, беҙҙең атабыҙ Дауыттың ауыҙынан шулай тип әйттерҙең: «Ни өсөн халыҡтар ҡоторона, өммәттәр булмаҫтайҙы ниәт итә? Ерҙәге батшалар баш күтәрә, хакимдар Раббыға һәм Уның Мәсихенә ҡаршы берләшә». Ысынлап та, Һируд менән Понтиос Пилатос ошо ҡалала Үҙең мәсехләгән изге Хеҙмәтсең Ғайсаға ҡаршы мәжүсиҙәр һәм Исраил халҡы менән берләште. Улар Һинең ҡөҙрәтең һәм ихтыярың менән буласағы алдан билдәләнгән эште атҡарҙы. Хәҙер, Раббыбыҙ, уларҙың янауҙарын ишет һәм беҙ ҡолдарыңа Һинең һүҙеңде ҡыйыу рәүештә һөйләргә ҡөҙрәт бир. Ҡулыңды һуҙ һәм Изге Хеҙмәтсең Ғайса исеме менән һауыҡтыр, хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрһәт. Доға ҡылғандан һуң улар торған урын һелкенеп китте һәм бөтәһе лә Изге Рух менән һуғарылды, Алла һүҙен ҡыйыу рәүештә һөйләй башланылар. Иманға килеүселәр йөрәктәре һәм күңелдәре менән берҙәм булды. Береһе лә үҙ милкен, минеке генә, тип һанаманы, бөтә нәмәләре уртаҡ ине. Мәсих илселәре Раббы Ғайсаның үленән терелеп тороуы тураһында ҙур көс һалып шаһитлыҡ ҡылды һәм Алла уларҙың барыһына ла Үҙенең мәрхәмәтен мул итеп биреп торҙо. Иманлылар араһында бер кем дә мохтажлыҡ кисермәне, сөнки ерҙәре йәки өйҙәре булғандары, уларҙы һатып, аҡсаһын илселәр ҡарамағына тапшыра ине. Был аҡсалар һәр кемгә ихтыяжына ҡарап бүлеп бирелде. Мәҫәлән, илселәр Барнабас (йәғни «Йыуаныс улы») тип йөрөткән, Кипрҙа тыуған Йософ исемле бер леви, үҙенең ерен һатып, аҡсаһын илселәргә алып килеп бирҙе. Һананиас исемле берәү, ҡатыны Сапфира менән бергә ер-мөлкәтен һатты ла, ҡатыны менән һөйләшеп, һатыуҙан килгән аҡсаның бер өлөшөн йәшереп ҡуйҙы, ҡалғанын илселәргә килтереп бирҙе. Әммә Петрус: – Һананиас! Ни өсөн һин Иблискә йөрәгеңә баш булырға ирек бирҙең? Аҡсаның бер өлөшөн йәшереп ҡалдырып, һин Изге Рухты алдарға уйланың, – тине. – Һатҡанға тиклем дә был ер һинеке ине, һатҡандан һуң да аҡсаһы һинеке булып ҡалды бит. Ни өсөн мутлашырға уйланың? Бының менән һин кешеләрҙе түгел, Алланы алданың. Ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс тә Һананиас йығылып китте һәм йән бирҙе. Барыһын да ишетеп торған кешеләрҙең ҡото осто. Йәшерәктәр Һананиастың үле кәүҙәһен кәфенгә урап алып сыҡтылар ҙа ерләнеләр. Өс сәғәт самаһы ваҡыт уҙғас, уның ҡатыны ла килде. Ул булған хәл тураһында бер нәмә лә белмәй ине әле. Петрус унан: – Әйт әле, ерегеҙҙе ошо хаҡҡа һаттығыҙмы? – тип һораны. – Эйе, ошо хаҡҡа, – тип яуап бирҙе уға ҡатын. Әммә Петрус: – Ни өсөн һеҙ Раббының Рухын һынап ҡарарға булдығыҙ? Ана ишектән иреңде ерләгән кешеләр инеп килә. Улар һине лә алып сығасаҡ, – тине. Шул мәлдә ҡатын уның аяғына йығылып йән бирҙе. Егеттәр ингәс, ҡатынды үле килеш күрҙеләр һәм, алып сығып, ире янына ерләп ҡуйҙылар. Имандаштар берҙәмлеген һәм был хәбәрҙе ишеткәндәрҙең бөтәһен дә көслө ҡурҡыу хисе биләп алды. Илселәр халыҡ араһында күп хикмәттәр һәм мөғжизәләр ҡылды. Имандаштар бергәләшеп Сөләймән айуанында осрашып торҙо. Халыҡ уларҙы хөрмәт итһә лә, уларға ҡушылырға баҙнат итеүсе булманы. Бик күп ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ Раббыға инанды, уларҙың һаны артҡандан-арта барҙы. Петрус үтеп барғанда, һис юғы уның күләгәһе булһа ла төшһөн ине, тигән теләк менән ауырыуҙарҙы урамға алып сығып, түшәктәргә һалдылар. Йәрүсәлимгә яҡын-тирәләге ҡалаларҙан да бик күп халыҡ килде. Улар алып килгән ауырыуҙар һәм ен эйәләшкән кешеләрҙең бөтәһе лә һауыҡты. Иң баш ҡаһин һәм уның яҡлылар, йәғни саддукей төркөмөндәгеләр, көнләшеүҙән шартлар хәлгә етеп, илселәрҙе ҡулға алды һәм дөйөм төрмәгә ябып ҡуйҙы. Әммә төндә Раббының бер фәрештәһе килеп төрмә ишектәрен асты. – Барығыҙ, Алла йортона инегеҙ ҙә был яңы тормош тураһындағы хәбәрҙе халыҡҡа һөйләгеҙ, – тип, уларҙы сығарып ебәрҙе. Илселәр, фәрештәне тыңлап, таң менән Алла йортона килде һәм аң-белемгә өйрәтә башланы. Иң баш ҡаһин һәм уның яҡлылар, Исраил халҡының аҡһаҡалдарын саҡырып, Юғары кәңәшмә йыйҙы. Илселәрҙе алып килергә бойорҙолар. Алла йорто һаҡсылары башлығы һәм баш ҡаһиндар, быны ишеткәс, тағы ни булыр икән инде, тип аптырашта ҡалды. Шул мәл берәү килеп: – Ана, ҡарағыҙ, һеҙ төрмәгә ултыртҡан кешеләр Алла йортонда халыҡты өйрәтә, – тип хәбәр итте. Ошонан һуң тәртип һаҡсылары башлыҡтары менән бергә илселәрҙе барып алып килделәр. Халыҡ таш бәрә башлар тип ҡурҡып, илселәргә көс ҡулланманылар. Уларҙы Юғары кәңәшмә ҡаршыһына баҫтырғас, иң баш ҡаһин: – Беҙ һеҙгә ҡәтғи рәүештә был Кеше исеменән өйрәтмәҫкә бойорғайныҡ түгелме? Ә һеҙ үҙегеҙҙең тәғлимәтегеҙҙе бөтә Йәрүсәлимгә тараттығыҙ һәм ул Кешенең үлемендә беҙҙе ғәйепләйһегеҙ, – тине. Петрус һәм бүтән илселәр: – Кешеләргә ҡарағанда Аллаға нығыраҡ буйһонорға тейешбеҙ. Ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы һеҙ ағас бағанаға ҡаҙаҡлап үлтергән Ғайсаны терелтте. Исраилға тәүбә итеү һәм гонаһтарынан ярлыҡаныу мөмкинлеге биреү өсөн, Алла Уны Юлбашсы һәм Ҡотҡарыусы итеп Үҙенең уң яғына күтәрҙе. Беҙ – был эштәрҙең шаһиты. Шулай уҡ Алла Үҙенә буйһоноусыларға биргән Изге Рух та был эштәргә шаһит, – тип яуап бирҙеләр. Быны ишеткәс, Юғары кәңәшмә ағзалары ярһып китеп илселәрҙе үлтерергә теләне. Ошо ваҡыт бөтә халыҡ хөрмәт иткән ҡанун өйрәтеүсе, Кәңәшмә ағзаһы Ғамалиил исемле фарисей аяғүрә баҫты. Илселәрҙе аҙ ғына ваҡытҡа сығарып торорға ҡушты. Илселәр сығып киткәс: – Исраилдар! – тип һүҙ башланы. – Был кешеләр менән ни эшләргә йыйыныуығыҙ тураһында ныҡлы уйлағыҙ. Күптән түгел бында үҙен бик бөйөк итеп күрһәтергә тырышҡан Теудас тигән берәү пәйҙә булғайны, уға дүрт йөҙгә яҡын кеше эйәрҙе. Әммә, ул үлтерелеү менән, уға эйәреүселәр төркөмө, төрлөһө төрлө яҡҡа тарҡалып, юҡҡа сыҡты. Унан һуң иҫәп алыу көндәрендә Галилеянан Йәһүҙә пәйҙә булды һәм күпмелер халыҡты фетнәгә ҡотортто. Ул да һәләк булды һәм уға эйәргән кешеләр таралып бөттө. Шуға күрә хәҙер һеҙгә әйтәм: был кешеләргә теймәгеҙ. Уларҙы ебәрегеҙ. Ниәтләгән эштәре бәндәләрҙән булһа, ул эштәр юҡҡа сығасаҡ. Әгәр инде Алланан булһа, һеҙ уны юҡ итә алмаҫһығыҙ, ни бары үҙегеҙҙе Аллаға ҡаршы ҡуйырһығыҙ, – тине Ғамалиил. Аҡһаҡалдар уның һүҙенә ҡолаҡ һалды. Илселәрҙе саҡырып индерҙеләр ҙә, уларҙы туҡмап, Ғайса исеменән өйрәтмәҫкә бойороп, иреккә сығарҙылар. Илселәр, Ғайса исеме хаҡына кәмһетелеүгә лайыҡ булыуҙарына шатланып, Юғары кәңәшмәнән сығып китте. Һәр көн улар Алла йортонда һәм өйҙәрҙә Ғайсаның Мәсих икәнлеге хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе һөйләүҙән һәм өйрәтеүҙән туҡтаманы. Шәкерттәрҙең һаны арта барҙы. Шул көндәрҙә грекса һөйләшкән йәһүдтәр, көндәлек ризыҡты бүлгәндә беҙҙең тол ҡатындарҙы иҫәпкә алмайҙар, тип йәһүд телендә һөйләшеүселәргә ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Шуға ун ике илсе, бөтә шәкерттәрҙе йыйып: – Алла һүҙен вәғәзләүҙе ситкә ҡуйып, ризыҡ бүлеү менән шөғөлләнһәк, дөрөҫ булмаҫ, – тинеләр. – Шулай булғас, имандаштар, арағыҙҙан Изге Рух һәм зирәк аҡыл менән һуғарылған абруйлы ете кешене һайлап алығыҙ. Ризыҡ бүлеүҙе шуларға тапшырырбыҙ. Ә беҙ үҙебеҙҙе доғаға һәм Алла һүҙе менән хеҙмәт итеүгә бағышлайыҡ. Был тәҡдим бөтәһенә лә оҡшаны. Иман һәм Изге Рухҡа тулы Стефанусты, шулай уҡ Филиппусты, Прохоросты, Никанорҙы, Тимонды, Парменасты һәм мәжүсилектән йәһүд диненә күскән антиохиялы Николаусты һайлап, уларҙы илселәр алдына баҫтырҙылар. Илселәр, доға ҡылып, уларҙың баштарына ҡулдарын ҡуйҙы. Шулай итеп, Алла һүҙе киң таралды, Йәрүсәлимдә шәкерттәр һаны байтаҡҡа артты, хатта ҡаһиндарҙың да бик күптәре иманға килде. Ә Алланың мәрхәмәтенә һәм ҡөҙрәтенә тулған Стефанус халыҡ араһында бөйөк мөғжизәләр һәм хикмәттәр ҡылды. Шулай бер ваҡыт «Ҡоллоҡтан азат ителгәндәр ғибәҙәтханаһы»ның Курене һәм Искәндәриәнән булған ҡайһы бер ағзалары, шулай уҡ Киликия һәм Асия өлкәләренән булған ҡайһы берәүҙәр Стефанус менән бәхәскә инде, әммә уның һүҙҙәрендәге аҡылға һәм Изге Рухҡа ҡаршы тора алманы. Шул мәлдә улар бер нисә кешене: «Беҙ уның Мусаға һәм Аллаға ҡаршы көфөр һүҙ һөйләгәнен ишеттек», – тип әйтергә ҡотортто. Шул юл менән улар халыҡты, аҡһаҡалдарҙы һәм ҡанун белгестәрен Стефанусҡа һөстөрҙөләр; һөжүм итеп, тотоп алдылар һәм Юғары кәңәшмә алдына алып килделәр. Кәңәшмәлә ялған шаһиттарға һүҙ бирелде. – Был кеше ошо изге урынға һәм ҡанунға ҡаршы көфөр һөйләүҙән туҡтамай, – тине улар. – Беҙ уның: «Назаралы Ғайса был Йортто емерәсәк һәм Мусаның беҙгә биргән йолаларын үҙгәртәсәк», – тигәнен ишеттек. Кәңәшмәлә ултырған бөтә кеше Стефанусҡа текләне, һәм уның йөҙө фәрештәнекенә оҡшаған һымаҡ күренде. Иң баш ҡаһин Стефанустан: – Был ғәйепләүҙәр дөрөҫмө? – тип һораны. – Туғандар һәм аҡһаҡалдар! – тип башланы һүҙен Стефанус. – Тыңлағыҙ. Атабыҙ Ибраһим Харан ҡалаһына күсеп килгәнгә тиклем, Месопотамияла йәшәгән сағында, уға шөһрәтле Алла күренгән. Ул: «Ер-һыуыңды, туған-ырыуыңды ҡалдыр ҙа Мин күрһәткән ергә кит», – тигән. Ибраһим, халдейҙар еренән сығып, Харанға күсеп килгән. Атаһы вафат булғандан һуң, Алла уны хәҙер һеҙ йәшәгән ошо илгә күсергән. Бында уға аҫабалыҡ та, аяҡ баҫыр ер ҙә бирмәгән, ләкин, ул ваҡытта әле Ибраһимдың балалары булмаһа ла, уға һәм уның киләсәк быуындарына был ерҙе милек итеп бирергә вәғәҙә иткән. Алла уға: «Һинең тоҡомоң сит ерҙә килмешәк булыр, дүрт йөҙ йыл ҡоллоҡта иҙелеп йәшәр, – тигән. – Әммә Мин, – тигән Алла, – уларҙы ҡоллоҡта тотасаҡ халыҡты хөкөм итәсәкмен. Шунан һуң улар ул илдән сығыр һәм ошо ерҙә Миңә ғибәҙәт ҡылыр». Алла Ибраһим атабыҙ менән килешеү төҙөгән һәм, шул килешеүҙең билдәһе итеп, сөннәткә ултыртыу йолаһын биргән. Шулай итеп, Исхаҡ тыуғандың һигеҙенсе көнөндә атаһы Ибраһим уны сөннәткә ултыртҡан. Ошо рәүештә Исхаҡ – Яҡупты, ә Яҡуп киләсәктә ун ике ырыу башлығы булып киткән үҙ улдарын сөннәтләгән. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ, көнләшеп, Йософто Мысырға һатып ебәргән. Әммә Алла уның менән булған, уны барлыҡ бәләләренән ҡотҡарып торған. Алла, Йософҡа зирәк аҡыл биреп, уға Мысыр батшаһы фирғәүендең яҡшы мөнәсәбәтен яуларға мөмкинлек биргән. Фирғәүен уны тотош Мысырға һәм үҙенең һарайына идарасы итеп ҡуйған. Шунан Мысыр һәм Ҡәнғән ерендә ҙур афәт – аслыҡ башланған, ата-бабаларыбыҙ ризыҡ таба алмаған. Яҡуп, Мысырҙа ашлыҡ барлығын ишеткәс, ул илгә ата-бабаларыбыҙҙы ебәргән. Улар икенсе тапҡыр барғанда, Йософ ағай-энеләренә үҙенең кем икәнен әйткән һәм фирғәүен Йософтоң ғаиләһе тураһында белгән. Шунан һуң Йософ атаһы Яҡупты һәм бөтә ғаиләһен – етмеш биш йәнде үҙ янына саҡыртып алған. Яҡуп Мысырға күсеп барған. Ул да, ата-бабаларыбыҙ ҙа шунда вафат булған. Үлгәс, уларҙы Шәхәм ҡалаһына алып килгәндәр һәм ҡасандыр Ибраһим унда йәшәгән Хамор улдарынан көмөш түләп һатып алған ҡәбергә һалғандар. Ибраһимға Алла биргән вәғәҙәнең ғәмәлгә ашыу ваҡыты яҡынлашҡан һайын, Мысырҙа беҙҙең халыҡтың һаны арта барған. Был хәл Йософ тураһында бер нәмә лә белмәгән бүтән бер батша хакимлыҡ итә башлағанға тиклем дауам иткән. Ул батша беҙҙең нәҫелгә ҡарата мәкер тотҡан, ата-бабаларыбыҙҙы йәберләгән һәм яңы тыуған сабыйҙарын йәшәтмәҫ өсөн ташларға мәжбүр иткән. Шул ваҡытта Муса тыуған. Ул бик матур бала булған. Өс ай буйы атаһы йортонда тәрбиәләнгәндән һуң, уны сығарып ташларға мәжбүр булалар. Мусаны фирғәүен ҡыҙы табып ала һәм үҙ улылай күреп үҫтерә. Муса Мысыр иленең бөтә ғилемдәренә өйрәтелә, һүҙҙә лә, эштә лә ҡеүәтле була. Ҡырҡ йәш тулғас, уның күңелендә туғандарын – Исраил халҡын барып күреү теләге уяна. Улар янында булғанда бер мысырҙың Исраил кешеһен рәнйеткәнен күреп, уны яҡлай. Мысыр кешеһен үлтереп, уның өсөн үс ала. Муса: «Туғандарым Алланың минең аша үҙҙәренә ҡотолоу бирәсәген аңлар», – тип уйлай. Ләкин улар аңламай. Икенсе көндө Муса, ике Исраил кешеһенең һуғышҡанын күреп, уларҙы яраштырырға теләй: «Һеҙ туғандар бит, ниңә бер-берегеҙҙе рәнйетәһегеҙ?» Әммә үҙенең иптәшен рәнйетеүсе кеше, Мусаны төртөп ебәреп: «Һине беҙҙең өҫтән етәксе һәм хөкөмдар итеп кем ҡуйҙы? Кисә мысыр кешеһен үлтергән кеүек, әллә мине лә үлтерергә итәһеңме?» – тигән. Был һүҙҙәрҙе ишетеп, Муса ҡасып киткән һәм Мидйән ерендә килмешәк булып йәшәй башлаған. Унда уның ике улы тыуған. Ҡырҡ йылдан һуң, Синай тауынан алыҫ булмаған сүлдә, янып торған күгән ҡыуағы ялҡынында уға бер фәрештә күренгән. Муса быны күреп бик ғәжәпләнгән. Ә инде ҡарарға тип яҡыныраҡ барғас, Раббының тауышын ишеткән: «Мин һинең ата-бабаларыңдың Аллаһы – Ибраһимдың, Исхаҡтың һәм Яҡуптың Аллаһымын». Муса, ҡурҡыуынан ҡалтыранып, күтәрелеп ҡарарға ла батырсылыҡ итмәгән. Раббы уға: «Аяҡ кейемеңде сис, сөнки һин баҫып торған урын – мөҡәддәс ер. Мин халҡымдың Мысырҙа йәберләнгәнен күрҙем. Эйе, Мин быны күрҙем, халҡымдың иңрәүен ишеттем һәм уны ҡотҡарырға тип төштөм. Ә хәҙер бар, Мин һине Мысырға ебәрәм», – тигән. «Һине беҙҙең өҫтән етәксе һәм хөкөмдар итеп кем ҡуйҙы?» – тип исраилдар кире ҡаҡҡан ана шул Мусаны Алла күгән ҡыуағында күренгән фәрештә арҡылы башлыҡ һәм ҡотҡарыусы итеп ебәргән дә инде. Муса халыҡты Мысырҙан алып сыҡҡан. Мысырҙа, Ҡыҙыл диңгеҙҙә һәм сүлдә ҡырҡ йыл буйына мөғжизәләр, хикмәттәр күрһәткән. Исраил халҡына: «Алла һеҙгә ҡәрҙәштәрегеҙ араһынан минең кеүек бер Пәйғәмбәр һайлап ҡуйыр», – тип әйткән дә – шул Муса. Сүлдә йыйылған халыҡ менән дә ул – Муса булған; Синай тауында ата-бабаларыбыҙға фәрештә әйткән һүҙҙәрҙе еткергән. Беҙгә тапшырыу өсөн, йәшәү биреүсе һүҙҙәрҙе ҡабул итеп алған. Ата-бабаларыбыҙ Муса әйткәнде тыңламаған, уны кире ҡаҡҡан һәм ҡабат Мысырға китергә теләгән. Муса тауҙа булғанда, улар Һарунға: «Беҙгә үҙ артынан эйәртерлек илаһтар эшлә, сөнки беҙҙе Мысырҙан алып сыҡҡан Муса менән нимә булғанын белмәйбеҙ», – тигәндәр. Шунан һуң улар үгеҙ башмаҡ яһап, ошо һынға ҡорбан килтергәндәр, ҡулдары эшләгән әйбергә ҡарап күңел асҡандар. Алла иһә уларҙан йөҙ сөйөргән һәм күктәге йондоҙҙарға табынырға ҡалдырған. Пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларында Алла былай тип әйтә: «Эй, Исраил нәҫеле! Ҡырҡ йыл дауамында сүлдә һеҙ Миңә тип ҡорбан йәки саҙаҡа килтерҙегеҙме ни? Юҡ, үҙегеҙ менән һеҙ Мөләх сатырын, Райфан илаһығыҙҙың йондоҙон, табыныр өсөн үҙегеҙ яһап алған һындарҙы алдығыҙ. Шуға күрә Мин һеҙҙе Бабилдан да арыраҡ һөргөнгә оҙатам». – Ата-бабаларыбыҙҙың сүлдә Килешеү сатыры булған, – тип һүҙен дауам итте Стефанус. – Ул сатыр Алла бойороғо буйынса, Муса күргән өлгө буйынса яһалған булған. Ата-бабаларыбыҙ уны үҙҙәренең ата-бабаларынан ҡабул итеп алған. Улар сатырҙы Йушағ етәкселегендә, халыҡтарын Алла ҡыуып сығарған ергә алып барып ҡуйған. Сатыр Дауыт батша көндәренә тиклем шунда ҡалған. Алла Дауытты яҡын күргән, һәм Дауыт, Яҡуп Аллаһы өсөн торлаҡ һалырға тип, Унан рөхсәт һораған. Мәгәр был йортто Аллаға Сөләймән һалған. Әммә Юғарыларҙан Юғары әҙәм ҡулы менән һалынған йорттарҙа йәшәмәй. Пәйғәмбәр әйткәнсә: «Күк – Минең тәхетем, ә ер – аяҡтарым аҫтындағы баҫҡыс. Һеҙ Миңә ниндәй йорт һалып бирә алаһығыҙ? – ти Раббы. – Ҡайһы урында Мин тынғылыҡ табырмын? Быларҙың барыһын да Минең ҡулдарым бар ҡылманымы ни?» – Тиҫкәре халыҡ! – тине Стефанус. – Сөннәтте ҡабул итһәгеҙ ҙә, йөрәктәрегеҙ ҙә, ҡолаҡтарығыҙ ҙа бикле! Һеҙ, аталарығыҙ кеүек үк, Изге Рухҡа һәр ваҡыт ҡаршы киләһегеҙ. Ата-бабаларығыҙ эҙәрлекләмәгән берәй пәйғәмбәр ҡалдымы икән? Улар Хаҡ булған Заттың килерен алдан хәбәр иткән кешеләрҙе үлтергән, ә хәҙер һеҙ Уның Үҙенә хыянат иттегеҙ һәм Уны үлтерҙегеҙ. Фәрештәләр аша бирелгән ҡанунды ҡабул итеп алып та, уны үтәмәнегеҙ. Быларҙы ишетеп, Юғары кәңәшмәләгеләр ярһыны, асыуҙан тештәрен шығырҙатты. Изге Рух менән һуғарылған Стефанус иһә күккә баҡты һәм унда Алланың шөһрәтен һәм Уның уң яғында торған Ғайсаны күрҙе. – Ана, – тине ул. – Мин асылған күктәрҙе һәм Алланың уң яғында торған Әҙәм Улын күрәм! Ә Кәңәшмәләгеләр, ҡолаҡтарын ҡаплап, ҡысҡырыша-ҡысҡырыша бөтәһе бергә Стефанусҡа ташланды. Ҡаланан һөйрәп алып сығарып, таш менән бәргесләй башланылар. Ғәйепләүсе яҡтың шаһиттары өҫ кейемдәрен Шаул исемле йәш егет янына һалып торҙо. Таш бәргән ваҡыттарында Стефанус доға ҡылды: – Раббым Ғайса, минең рухымды ҡабул ит! Шунан, тубыҡланып баҫып, көслө тауыш менән: – Раббым! Ҡылған был гонаһтары өсөн уларҙы яуапҡа тарттырма! – тине. Шул һүҙҙәр менән ул йән бирҙе. Шаул иһә Стефанустың үлтерелеүен хуп күрҙе. Шул көндән Йәрүсәлимдәге имандаштар берҙәмлеген ныҡлап эҙәрлекләргә тотондолар һәм илселәрҙән башҡа барыһы ла Йәһүҙиә менән Самария буйлап таралдылар. Диндар кешеләр Стефанусты ерләне, ҡайғырып ныҡ иланы. Ә Шаул имандаштар берҙәмлеген эҙәрлекләне. Өйҙән-өйгә йөрөнө, ир-атты һәм ҡатын-ҡыҙҙы һөйрәп алып сығып, төрмәгә япты. Төрлө яҡҡа һибелгән имандаштар ҡайҙа барһалар, шунда Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп йөрөнө. Филиппус, Самарияның бер ҡалаһына барып, халыҡҡа Мәсих тураһында бәйән итте. Филиппус һөйләгәндәрҙе бар халыҡ диҡҡәт менән тыңланы һәм ул ҡылған мөғжизәләрҙе күрҙе: ен эйәләшкән күптәрҙең эсенән, көслө тауыш менән үкереп, яуыз рухтар сыҡты, фалиж һуҡҡан кешеләр, аҡһаҡтар күпләп һауыҡты. Ҡала халҡы был эштәргә бик ҡыуанды. Шул уҡ ҡалала күпмелер ваҡыт, сихырсылыҡ ҡылып, Самария халҡын хайран ҡалдырған, үҙен бөйөк тип танытырға теләгән Шимғон исемле берәү бар ине. Барыһы ла – олоһо ла, кесеһе лә уны хайран ҡалып тыңланы. «Был әҙәм – „Бөйөк“ тип аталған Алла ҡөҙрәте», – тинеләр уның хаҡында. Оҙаҡ ҡына ваҡыт үҙенең сихырҙары менән халыҡты хайран ҡалдырып килеүе өсөн тыңланылар был Шимғонды. Әммә, Алла Батшалығы һәм Ғайса Мәсих исеме хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе бәйән иткән Филиппусҡа ышанғас, ирҙәр ҙә, ҡатындар ҙа һыуға сумдырылыу йолаһын үтте. Шимғон үҙе лә иманға килде һәм, һыуға сумдырылғандан һуң, Филиппустан бер тотам да ҡалманы. Ул ҡылған хикмәттәрҙе һәм ҡөҙрәтле мөғжизәләрҙе күреп, хайран ҡалды. Самария халҡының Алла һүҙен ҡабул итеүен ишеткәс, Йәрүсәлимдәге илселәр улар янына Петрус менән Яхъяны ебәрҙе. Петрус менән Яхъя бында иманға яңы килгән кешеләрҙең Изге Рухты ҡабул итеп алыуы өсөн доға ҡылды, сөнки Раббы Ғайса исеме менән улар бары тик һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгәйне, ләкин береһенә лә Изге Рух инмәгәйне әле. Шунан һуң Петрус менән Яхъя Самария кешеләренең башына ҡулдарын ҡуйҙы һәм улар Изге Рухты ҡабул итте. Рухтың илселәр ҡулынан бирелгәнен күргән Шимғон уларға аҡса тәҡдим итте. – Миңә лә шундай ҡөҙрәт бирегеҙ әле, кемдең башына ҡулымды ҡуйһам, шул кеше Изге Рухты алһын, – тине. Әммә Петрус уға: – Әгәр, Алла бүләген аҡсаға һатып алырға мөмкин, тип уйлайһың икән, аҡсаларың менән бергә һәләк булырһың! – тине. – Һинең был хеҙмәттә ҡатнашырға хоҡуғың юҡ, сөнки Алла ҡаршыһында күңелең саф түгел. Шуға күрә был яуызлығыңдан тәүбә ит һәм Раббыға доға ҡыл, бәлки, күңелеңдәге яуыз уйың ғәфү ителер. Мин һинең әсе көнсөллөккә батҡаныңды һәм гонаһ сылбыры менән бығауланғаныңды күрәм. – Әйткән һүҙҙәрегеҙҙең береһе лә миңә ҡағылмаһын өсөн, Раббыға доға ҡылығыҙ, – тип яуап бирҙе Шимғон. Петрус менән Яхъя, үҙҙәренең шаһитлығын биреп Раббы һүҙен иғлан иткәндән һуң, кире Йәрүсәлимгә китте. Юлайҡан Самарияның күп кенә ауылдарында Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан иттеләр. Раббының бер фәрештәһе Филиппусҡа: – Йыйын да көньяҡҡа, Йәрүсәлимдән Газаға бара торған юлға сыҡ, – тине. Ул юл аулаҡ ине. Филиппус йыйынып шул юлға сыҡты һәм бында бер хәбәшиҙе осратты. Ул кеше алашар, кәндәки, йәғни Хәбәшстан батшабикәһенең ҡарамағындағы бөтөн хазинаны һаҡлаусы юғары дәрәжәле түрә ине. Аллаға табынырға тип Йәрүсәлимгә килгән, әле үҙенең иленә ҡайтып бара һәм арбаһында Ишағыяһ пәйғәмбәр китабын уҡып ултыра ине. Рух Филиппусҡа: – Арбаға яҡыныраҡ барып, эргәһенән атла, – тине. Филиппус арба янына йүгереп килде, унда хәбәшиҙең Ишағыяһ пәйғәмбәрҙе уҡығанын ишетте. – Нимә тураһында уҡығаныңды аңлайһыңмы һуң? – тип һораны. – Берәйһе төшөндөрөп бирмәһә, нисек аңлайым инде? – тип, хәбәши Филиппусты үҙенең эргәһенә арбаға ултырырға саҡырҙы. Хәбәши Изге Яҙманың ошо урынын уҡый ине: «Салырға килтерелгән һарыҡ шикелле, йөнөн ҡырҡыусы алдында өнһөҙ торған бәрәс кеүек, Ул ауыҙын асманы. Ул кәмһетелде, ғәҙел хөкөмдән мәхрүм ителде. Уның нәҫеле хаҡында кем һөйләр? Тормошо ерҙән алынды бит». Хәбәши Филиппустан: – Әйт әле, бында пәйғәмбәр кем хаҡында – үҙе хаҡында һөйләйме, әллә бүтән берәү тураһындамы? – тип һораны. Филиппус уға ошо урындан башлап аңлатып бирҙе һәм Ғайса хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе һөйләне. Ул арбаны туҡтатырға ҡушты. Икеһе лә һыуға инде, һәм Филиппус уны һыуға сумдырып алды. Улар һыуҙан сыҡҡас, Раббы Рухы Филиппусты алып китте, хәбәши уны бүтәнсә күрмәне, шатланып юлын дауам итте. Филиппус иһә Ашдод ҡалаһына барып сыҡты. Ул Ҡайсареяға барып еткәнсе юлындағы ҡалаларҙа Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләне. Шаул элеккесә Раббының шәкерттәренә нәфрәт менән янды, уларға үлем менән янаны. Ул иң баш ҡаһиндан Дамасктағы ғибәҙәтханаларға хат яҙып биреүен һораны. Унда Раббы юлынан йөрөгән һәр кемде, ир-атмы ул, ҡатын-ҡыҙмы, ҡулға алып, Йәрүсәлимгә алып килергә ниәтләне. Юлда барғанда, инде Дамаскка яҡынлашып килгәндә, ҡапыл Шаулдың тирә-яғы күктән төшкән яҡтылыҡтан балҡып китте. Ул ергә йығылды һәм: – Шаул, Шаул! Ниңә һин Мине эҙәрлекләйһең? – тигән тауыш ишетте. – Һин кем, Әфәнде? – тип һораны Шаул. – Мин – һин эҙәрләгән Ғайса, – тип яуап бирҙе тауыш. – Тор ҙа ҡалаға бар. Нимә эшләргә икәнен һиңә унда әйтерҙәр. Шаул менән бергә йөрөгән кешеләр өнһөҙ ҡатып ҡалды. Улар, килгән тауышты ишетһә лә, һис кемде күрмәне. Шаул ерҙән торҙо, ләкин, күҙҙәрен асҡас, бер нәмә лә күрмәй булып сыҡты. Шунлыҡтан Дамаскка уны етәкләп алып килделәр. Өс көн буйы ул бер нәмә лә күрмәне, ашаманы ла, эсмәне лә. Дамаскта Һананиас исемле бер шәкерт йәшәй ине. Уға килгән илаһи күренмештә Раббы: – Һананиас! – тине. – Эйе, Раббым. – Тура урам тип аталған урамға бар ҙа Йәһүҙә йәшәгән өйгә ин, Шаул исемле Тарсос кешеһен һора. Ул әлеге мәлдә доға ҡыла. Шаулға илаһи күренмеш килде. Унда Һананиас исемле берәү уның янына килде лә, Шаулдың күҙҙәре йәнә күрә башлаһын өсөн, уға ҡулдарын ҡуйҙы, – тине Раббы. – Раббым! Мин был кеше хаҡында, уның Йәрүсәлимдә Һинең изге халҡыңа ҡаршы ни тиклем яуызлыҡтар ҡылыуы тураһында күптәрҙән ишеттем. Бында ла ул баш ҡаһиндарҙан исемеңде телгә алған һәр кемде ҡулға алырға вәкәләт алып килде, – тип яуапланы Һананиас. Әммә Раббы уға: – Бар, кит, сөнки Мин был кешене башҡа халыҡтарға, батшаларға һәм Исраил халҡына исемемде танытһын өсөн ҡоралым итеп һайланым. Уға Минең хаҡҡа күпме ғазап сигергә тейешлеген күрһәтермен, – тине. Һананиас барып, шул йортҡа инде. Ул Шаулға ҡулын ҡуйып: – Шаул туған! Мине һиңә, күҙҙәрең күрә башлаһын өсөн һәм Изге Рух менән һуғарырға тип, юлыңда осраған Раббы Ғайса ебәрҙе, – тине. Шул саҡ, әйтерһең, күҙҙәрен ҡаплап торған балыҡ тәңкәләренә оҡшаш бер нәмә ҡойолоп төштө, Шаул тағы күрә башланы. Ул урынынан торҙо ла һыуға сумдырылыу йолаһын үтте. Ашап алғас, уға хәл инеп китте. Шаул шәкерттәр менән бер нисә көн Дамаскта булды. Ундағы ғибәҙәтханаларға ингәс тә: – Ғайса – Алла Улы, – тип һөйләй ҙә башланы. Уны тыңлағандарҙың барыһы ла хайран ҡалып: – Йәрүсәлимдә шул исемде телгә алыусыларҙы эҙәрләгән әҙәм түгелме һуң был? Бында ла, уларҙы бығаулап, баш ҡаһиндарға тапшырырға тип килмәнеме икән ул? – тиеште. Ә Шаулдың вәғәзләү ҡеүәте артҡандан-артты. Ғайсаның Мәсих икәнлеген иҫбат итеп йөрөп, ул Дамаскта йәшәүсе йәһүдтәрҙе аптырашҡа һалды. Байтаҡ ваҡыт үткәс, йәһүдтәр уны үлтерергә һүҙ беркетте. Уны үлтереү өсөн, ҡала ҡапҡаларын көнө-төнө күҙәттеләр. Әммә Шаул уларҙың был ниәтен белеп алды. Төндә шәкерттәр уны, кәрзингә ултыртып, ҡала диуары буйлап ергә төшөрҙө. Йәрүсәлимгә килгәс, Шаул шәкерттәргә ҡушылырға тырышты, әммә улар Шаулдың Ғайса шәкерте булыуына ышанманы, унан ҡурҡтылар. Барнабас уны илселәр янына алып барҙы һәм Шаулдың юлда Раббыны күреүен, Раббының уға ниҙәр әйтеүен, уның Дамаскта Ғайса тураһында ҡыйыу рәүештә вәғәзләүен һөйләп бирҙе. Раббы тураһында ҡыйыу рәүештә вәғәзләп, Шаул Йәрүсәлимдә илселәр менән бергә йөрөнө. Ул йыш ҡына грек телле йәһүдтәр менән әңгәмәләр ҡорҙо, бәхәсләште, ә тегеләре уны үлтерергә тырышты. Имандаштар был хаҡта белеп ҡалғас, уны Ҡайсареяға оҙаттылар, ә унан Тарсосҡа ебәрҙеләр. Бөтә Йәһүҙиә, Галилея һәм Самария имандаштар берҙәмлегендә тыныслыҡ урынлашты, һәм ул нығынды. Раббы ҡаршыһында ҡурҡып йәшәгәнгә һәм Изге Рухтың дәртләндереүе арҡаһында иман юлындағыларҙың һаны арта барҙы. Петрус иһә, бер ҡаланан икенсеһенә йөрөй торғас, Луддала йәшәүсе иманлылар янына килде. Унда ул фалиж һуғып, һигеҙ йыл буйы ауырып ятҡан Эней исемле бер кешене күрҙе. – Эней! Һине Ғайса Мәсих һауыҡтыра. Ятҡан урыныңдан тор ҙа түшәгеңде йүнәтеп һал, – тине уға Петрус. Эней шунда уҡ торҙо. Уның һауыҡҡанын күреп, Лудда һәм Шарондың барса халҡы Раббыға инанды. Яфо ҡалаһында гел генә яҡшы эштәр ҡылған һәм фәҡирҙәргә ярҙам иткән Табиҫа (грекса «Доркас») исемле бер шәкерт ҡатын бар ине. Шул көндәрҙә ул ҡатын ауырып китте һәм вафат булды. Уны йыуып, өҫкө ҡаттағы бер бүлмәгә һалдылар. Шәкерттәр Петрустың Луддала икәнен ишеткәс, Яфоға яҡын булғанлыҡтан, үҙҙәре янына тиҙерәк килеп етеүен үтенеп, ике кеше ебәрҙеләр. Петрус улар менән бергә Яфоға килде. Уны өҫкө ҡаттағы бүлмәгә алып менделәр. Бөтә тол ҡатындар Петрус янына йыйылды, илай-илай уға Доркас тере сағында үҙе теккән күлдәктәрҙе, кейемдәрҙе күрһәтте. Бүлмәнән бөтә кешене сығарып ебәргәс, Петрус тубыҡланып доға ҡылды ла мәйеткә табан боролдо: – Табиҫа, тор! Ҡатын күҙҙәрен асты, Петрусты күреп, тороп ултырҙы. Петрус, ҡулын һуҙып, уға торорға ярҙам итте. Тол ҡатындарҙы һәм бүтән иманлыларҙы саҡырып, терелгән Табиҫаны уларҙың ҡаршыһына баҫтырҙы. Был хәл бөтә Яфо халҡына мәғлүм булды һәм күптәр Раббыға инанды. Петрус байтаҡ көндәр Яфола Шимғон исемле күн оҫтаһының өйөндә йәшәне. Ҡайсареяла Италия полкы тип аталған ғәскәрҙә йөҙ башы булып хеҙмәт иткән Корнелиус исемле бер кеше бар ине. Ул үҙе лә, уның бөтә ғаиләһе лә Алланы ололап, Унан ҡурҡып йәшәне. Ул йәһүдтәргә мул хәйер-саҙаҡалар бирер һәм һәр ваҡыт Аллаға доға ҡылыр булды. Бер көн, көндөҙгө өстәр тирәһендә, Корнелиусҡа ап-асыҡ булып Алланың бер фәрештәһе күренде. Фәрештә уның янына килеп: – Корнелиус! – тине. Корнелиус уға ҡото осоп ҡараны: – Нимә, әфәнде? – Доғаларың һәм хәйер-саҙаҡаларың ҡорбанға һаналып, Алла хозурында ҡабул ҡылынды, – тип яуап бирҙе фәрештә. – Хәҙер Петрус тип тә йөрөтөлгән Шимғонды алып килергә Яфоға кешеләр ебәр. Ул күн оҫтаһы Шимғонда туҡталған, ә уның өйө диңгеҙ буйында урынлашҡан. Фәрештә киткәс, Корнелиус ике хеҙмәтсеһен һәм үҙенең шәхси йомоштарын үтәгән диндар бер ғәскәриҙе саҡырып алды. Уларға барыһын да аңлатҡас, Яфоға ебәрҙе. Икенсе көндө төш мәлендә, был кешеләр ҡалаға етеп килгәндә, Петрус яҫы түбәле өйҙөң башына доға ҡылырға менде. Ул асыҡҡайны, ашағыһы килде. Өйҙә табын әҙерләнгән арала, Петрусҡа илаһи күренмеш иңде. Ул күктең асылыуын һәм унан ҙур туҡымаға оҡшаған бер нәмәнең дүрт мөйөшөнән тотолған килеш ергә төшөрөлгәнен күрҙе. Уның эсендә ерҙә йәшәгән һәр төрлө дүрт аяҡлы хайуандар, һөйрәлеүселәр һәм ҡоштар бар ине. Бер тауыш уға: – Тор, Петрус, быларҙы һуйып аша, – тине. Әммә Петрус: – Юҡ, Раббым! Минең бер ҡасан да шаҡшы йәки хәрәм нәмә ашағаным булманы, – тине. Шунда тауыш икенсе тапҡыр яңғыраны: – Алла таҙа тип иғлан иткәнде шаҡшыға һанама! Өс тапҡыр шулай ҡабатланды ла туҡыма шунда уҡ күккә күтәрелде. Петрус үҙе күргән был илаһи күренмештең нимә аңлатҡанын уйлап, аптырап торған арала, Корнелиус ебәргән кешеләр Шимғондың өйөн эҙләп табып, ҡапҡа төбөнә килеп баҫтылар. Улар ҡысҡырып: – Петрус тип тә йөрөтөлгән Шимғон бында туҡталдымы? – тип һоранылар. Әле һаман үҙенә килгән илаһи күренмеш тураһында уйланып торғанда, Изге Рух Петрусҡа: – Ана, һине өс кеше эҙләп килгән. Аҫҡа төш тә, бер ниндәй икеләнеүһеҙ улар менән кит. Уларҙы Мин ебәрҙем, – тине. Петрус Корнелиус ебәргән кешеләр янына төштө: – Һеҙ эҙләгән кеше – мин, – тине. – Ниндәй йомош менән йөрөйһөгөҙ? – Беҙҙе тәҡүә һәм Алланы ололап йәшәгән, барлыҡ йәһүд халҡында хөрмәт ҡаҙанған йөҙ башы Корнелиус ебәрҙе. Изге фәрештә уға һине үҙенең өйөнә саҡырырға, һинең һөйләгәндәреңде тыңларға бойорҙо, – тинеләр. Петрус был кешеләрҙе алып инеп ҡунаҡ итте. Ә иртәгеһен улар менән бергә юлға сыҡты. Яфонан булған ҡайһы бер имандаштар ҙа уларға эйәрҙе. Икенсе көндө Ҡайсареяға килеп еттеләр. Корнелиус туғандарын һәм яҡын дуҫтарын йыйып, уларҙы көтөп тора ине инде. Инеп килгән Петрусҡа ҡаршы сыҡҡан Корнелиус, уның аяҡтарына йығылып, йөҙтүбән ергә ҡапланды. – Тор, мин дә кеше бит, – тине Петрус, уны торғоҙоп. Улар һөйләшә-һөйләшә өйгә инде. Петрус унда йыйылған халыҡты күреп: – Һеҙ, әлбиттә, йәһүдкә башҡа халыҡ кешеләре менән аралашырға, ҡунаҡҡа йөрөргә рөхсәт ителмәгәнен беләһегеҙ. Әммә Алла миңә бер кемде лә шаҡшы йәки хәрәм тип иҫәпләмәҫкә кәрәклеген аңғартты. Шуға, һеҙ мине саҡырыу менән, һис һүҙһеҙ янығыҙға килдем. Инде әйтегеҙ: ни өсөн минең арттан кешеләр ебәрҙегеҙ? – тине. – Өс көн элек ошо ваҡытта, сәғәт өстә үҙ өйөмдә доға ҡыла инем, – тине Корнелиус. – Ҡапыл алдымда ялтырап торған кейем кейгән бер әҙәм пәйҙә булды һәм миңә: «Корнелиус, Алла һинең доғаңды ишетте һәм хәйерҙәреңде иҫкә алды. Яфонан Петрус тип тә йөрөтөлгән Шимғонды алып килергә кешеләр ебәр. Ул хәҙер диңгеҙ буйында йәшәгән күн оҫтаһы Шимғондың өйөндә ҡунаҡта», – тине. Мин шунда уҡ һиңә кешеләр ебәрҙем, һәм һин килеп яҡшы иттең. Хәҙер беҙ һәммәбеҙ, Раббы һиңә һөйләргә ҡушҡан һүҙҙәрҙе тыңлар өсөн, Алла алдында торабыҙ. – Алланың ысынлап та барыһына ла тигеҙ ҡарағанын мин хәҙер аңлайым, – тип һүҙен башланы Петрус. – Ул, ниндәй халыҡтан булыуына ҡарамаҫтан, Алланан ҡурҡҡан һәм хаҡ эштәр ҡылған кешене хуш күрә. Алла, Ғайса Мәсих аша килгән тыныслыҡ хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе һөйләп, Исраил халҡына Үҙенең һүҙен ебәрҙе. Ғайса – бөтәһенең Хакимы. Яхъя һыуға сумдырылыу йолаһын үтергә саҡырып иғлан итә башлағандан һуң, Галилеянан алып бөтөн Йәһүҙиәлә ниҙәр булғанын һеҙ беләһегеҙ: Алла, назаралы Ғайсаны Изге Рух менән мәсехләп, Уға ҡөҙрәт бирҙе һәм Ғайса, яҡшылыҡтар ҡылып, Иблис йонсотҡан кешеләрҙе һауыҡтырып йөрөнө, сөнки Алла Уның менән булды. Беҙ – йәһүдтәр илендә һәм Йәрүсәлимдә Ул ҡылған барса эштәрҙең шаһитыбыҙ. Уны ағас бағанаға аҫып үлтерҙеләр, Ғайса – тереләргә һәм үлеләргә Алла тарафынан билдәләп ҡуйылған Хөкөмдар. Ул беҙгә ошо хаҡта халыҡҡа вәғәз әйтергә һәм шаһитлыҡ ҡылырға бойороҡ бирҙе. Уға инанған һәр кемдең гонаһтары Уның исеме аша ғәфү ителәсәк, тип барса пәйғәмбәрҙәр Уның тураһында һөйләне, – тине Петрус. Петрус быларҙы һөйләгән ваҡытта уҡ тыңлаусыларға Изге Рух иңде. Петрус менән бергә килгән сөннәтле иманлылар Изге Рухтың мәжүсиҙәргә лә бирелеүенә бик ғәжәпләнде. Сөнки тегеләрҙең, таныш булмаған телдәрҙә һөйләшеп, Аллаға дан яуҙырғандарын ишетте. Шул ваҡыт Петрус: – Был кешеләр беҙҙең кеүек үк Изге Рухты ҡабул итеп алды. Шулай булғас, уларҙың һыуға сумдырылыуына кем ҡамасаулай алыр? – тине. Шулай итеп, Петрус уларҙы Ғайса Мәсих исеме менән һыуға сумдырырға ҡушты. Һуңынан улар Петрустан үҙҙәре янында бер нисә көнгә ҡалыуын һоранылар. Илселәр һәм Йәһүҙиәләге имандаштар башҡа халыҡтарҙың да Алла һүҙен ҡабул иткәнен ишетте. Петрус уларға баштан башлап ентекләп аңлатып бирҙе: – Яфо ҡалаһында доға ҡыла инем, шул мәл миңә илаһи күренмеш иңде: ҙур туҡымаға оҡшаған бер нәмә дүрт мөйөшөнән тотолған килеш күктән минең яныма төшөрөлдө. Эсенә күҙ һалғас, унда ерҙә йәшәүсе дүрт аяҡлы хайуандарҙы, йәнлектәрҙе, һөйрәлеүселәрҙе һәм ҡоштарҙы күрҙем. Шунан һуң: «Тор, Петрус, быларҙы һуйып аша», – тигән тауыш ишеттем. «Юҡ, Раббым! Минең бер ҡасан да шаҡшы йәки хәрәм нәмәләрҙе ауыҙыма алғаным юҡ», – тинем мин. Күктән тауыш миңә тағы: «Алла таҙа тип иғлан иткәнде шаҡшыға һанама!» – тине. Өс тапҡыр шулай ҡабатланғандан һуң, барыһы ла кире күккә тартып алынды. Нәҡ шул ваҡытта Ҡайсареянан миңә ебәрелгән өс кеше мин туҡтаған йорт алдында тора. Изге Рух миңә бер ниндәй икеләнеүһеҙ улар менән барырға ҡушты. Янымдағы бынау алты имандаш та минең менән бергә китте. Беҙ мине саҡырған кешенең өйөнә килеп еттек. Ул нисек итеп үҙ өйөндә фәрештәне күреүе хаҡында һөйләне. Фәрештә уға: «Петрус тип тә йөрөтөлгән Шимғонды саҡырыу өсөн Яфоға кешеләр ебәр. Ул һеҙгә килтергән хәбәр аша һин үҙең дә, бөтөн йортоң да ҡотолорһоғоҙ», – тип әйткән. Мин һөйләй башлағас, тәүҙә беҙгә иңгән кеүек, уларға ла Изге Рух иңде. Шунда мин Раббының: «Яхъя кешеләрҙе һыуға сумдырҙы, ә һеҙ Изге Рухҡа сумдырылырһығыҙ», – тигән һүҙҙәрен иҫкә төшөрҙөм. Раббы Ғайса Мәсихкә инанғандан һуң беҙгә биргән бүләген Алла уларға ла биргән икән, Аллаға ҡаршы торорға мин кем һуң? – тине Петрус. Быны ишеткәс, бөтәһе лә тынысланды. Шунан Алланы данлап: – Тимәк, йәшәүгә алып барған тәүбә юлын Алла башҡа халыҡтарға ла асҡан, – тинеләр. Стефанустың үлеменән һуң башланған эҙәрләүҙәр арҡаһында таралышҡан иманлылар, йәһүдтәр алдында ғына вәғәз һөйләп, Фойникә өлкәһенә, Кипрға һәм Антиохия ҡалаһына тиклем барып етте. Әммә улар араһындағы ҡайһы бер Кипр һәм Курене кешеләре, Антиохияға килгәс, башҡа халыҡ кешеләренә лә Раббы Ғайса хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе еткерҙе. Раббының көсө улар менән булды һәм бик күптәр, инанып, Раббыға табан боролдо. Был туралағы хәбәр Йәрүсәлимдәге имандаштар берҙәмлегенә лә барып етте. Барнабасты Антиохияға ебәрҙеләр. Ул килеп, Алланың бындағы кешеләргә булған мәрхәмәтен күргәс, шатланды һәм бөтәһен дә Раббыға ысын күңелдән тоғро булып ҡалырға өндәне. Барнабас Изге Рух һәм иман менән тулы изгелекле кеше ине. Күптәр, Раббыға инанып, иман юлындағылар төркөмөнә ҡушылды. Шунан һуң Барнабас, Шаулды эҙләп, Тарсосҡа китте, уны табып Антиохияға алып килде. Улар бында бер йыл торҙолар, имандаштар берҙәмлеге менән осрашып, күп кешеләрҙе өйрәттеләр. Шәкерттәрҙе мәсихселәр тип иң тәүҙә Антиохия ҡалаһында атай башланылар. Шул осорҙа Йәрүсәлимдән Антиохияға бер нисә пәйғәмбәр килде. Уларҙың Һағаб исемле береһе тороп баҫты ла, Рух арҡылы алдан күреп, бөтә донъяла ҡаты аслыҡ буласағын әйтте. Ул аслыҡ ҡайсар Клаудиус заманында булды. Шунан һуң шәкерттәр, һәр береһе үҙ хәленән килгәнсә, Йәһүҙиәлә йәшәгән имандаштарына ярҙам ебәрергә булды. Ниәттәрен бойомға ашырып, Барнабас менән Шаул аша йыйылған бүләктәрҙе берҙәмлек өлкәндәренә ебәрҙеләр. Шул ваҡыттарҙа Һируд батша имандаштар берҙәмлегендәге ҡайһы бер кешеләрҙе эҙәрлекләй башланы. Яхъяның ағаһы Яҡупты ҡылыс менән сабып үлтертте. Быға йәһүдтәрҙең ҡәнәғәт ҡалғанын күреп, Петрусты ла ҡулға алды. Был ваҡиға Сөсө икмәк байрамы көндәрендә булды. Һируд Петрусты төрмәгә яптырҙы һәм дүртәр ғәскәриҙән торған дүрт төркөмдө ҡарауыл һағына ҡуйҙы. Ҡотҡарылыу байрамынан һуң уны халыҡ алдына сығарып хөкөм итергә ниәтләне. Петрус төрмәлә һаҡ аҫтында булған ваҡытта имандаштар берҙәмлегендә уның өсөн Аллаға ғәйәт тырышып доға ҡылдылар. Һируд Петрусты халыҡ алдына сығарырға теләгән көнгә ҡаршы төндә Петрус ике сылбыр менән бығауланған хәлдә ике һаҡсы уртаһында йоҡлап ята, ә ишек янында ҡарауылсылар һаҡта тора ине. Ҡапыл Раббының бер фәрештәһе пәйҙә булды һәм бүлмә эсе яҡтырып китте. Фәрештә Петрусты төртөп уятты: – Тора һал! Шунда Петрустың ҡулындағы сылбыры ысҡынып төштө. – Билеңде быу ҙа аяғыңа кей, – тине фәрештә. Петрус әйткәнде эшләне. – Өҫтөңә кей ҙә миңә эйәр, – тине фәрештә. Петрус, фәрештәнең был эштәре өндә икәнен аңламайынса, уның артынан төрмәнән сыҡты. Илаһи күренмеш күрәмдер, тип уйлай ине ул. Улар, беренсе һәм икенсе һаҡсыны үткәндән һуң, ҡалаға сыға торған тимер ҡапҡа янына килеп еттеләр. Ҡапҡа улар алдында үҙенән-үҙе асылды. Улар урамға сыҡты. Урам буйлап аҙыраҡ барғас, фәрештә күҙ алдынан юҡҡа сыҡты. Шул ваҡыт Петрус иҫенә килеп: «Хәҙер мин ысынлап та беләм: Раббы Үҙенең фәрештәһен ебәргән. Ул мине Һируд ҡулынан һәм йәһүд халҡы миңә бирергә теләгән язанан ҡотҡарҙы», – тип уйланы. Барыһын да аңлағас, ул Маркус тип тә йөрөтөлгән Яхъяның әсәһе Мәрйәмдең өйөнә килде. Унда йыйылған күп халыҡ доға ҡыла ине. Петрустың ҡапҡа шаҡыуына Рода исемле хеҙмәтсе ҡыҙ килеп сыҡты. Петрусты тауышынан танығас ул, шатлығынан ишекте асырға ла онотоп, йүгереп инеп китте, йорттағыларға Петрустың ҡапҡа төбөндә тороуын хәбәр итте. – Аҡылдан шаштыңмы әллә! – тинеләр уға. Ҡыҙ һаман үҙ һүҙендә ныҡ торғас: – Уның фәрештәһелер, – тип яуапланылар. Петрус шаҡыуын дауам итте. Ҡапҡаны асҡас, уны күреп хайран ҡалдылар. Петрус, тауышланмаҫҡа ҡушып, ҡулы менән ишараланы ла Раббының нисек итеп уны төрмәнән сығарыуы тураһында һөйләп бирҙе. – Был хаҡта Яҡупҡа ла, башҡа имандаштарға ла әйтегеҙ, – тине лә улар янынан башҡа ергә китте. Таң атҡас, ҡот осҡос шау-шыу күтәрелде. Һаҡсылар бер-береһенән: «Петрус ҡайҙа булған икән?» – тинеләр. Һируд Петрусты эҙләргә бойорҙо, әммә таптыра алмағас, һаҡсыларҙан һорау алды һәм уларҙы үлтерергә әмер бирҙе. Бынан аҙаҡ Һируд Йәһүҙиәнән Ҡайсареяға китте һәм шунда ҡалды. Һируд Тир һәм Сидон ҡалалары халҡына бик асыулы ине. Ә был ҡалалар, аҙыҡ-түлек менән Һирудтың биләмәләренән тәьмин ителгәнгә күрә, бергәләшеп батшаға вәкилдәр ебәрҙеләр. Улар, батша һарайына идара иткән Бластосты үҙ яҡтарына ауҙарып алғандан һуң, тыныслыҡ һоранылар. Билдәләнгән көндө Һируд, батша кейемдәре кейеп, хөкөм итеү урынына ултырҙы һәм улар алдында телмәр тотто. Ә халыҡ уның һүҙен хуплап: – Был тауыш – кеше тауышы түгел, был – илаһ тауышы, – тип ҡысҡырҙы. Һируд Алланы дан-шөһрәткә күммәгән өсөн Раббының бер фәрештәһе ҡапыл уға килтереп һуҡты. Эсенән ҡорттар ашап, Һируд йән бирҙе. Алла һүҙе иһә таралғандан-таралды, уны ҡабул итеүселәрҙең һаны арта барҙы. Ә Барнабас менән Шаул, үҙҙәренә тапшырылған эште башҡарғандан һуң, Маркус тип тә йөрөтөлгән Яхъяны ла алып, Йәрүсәлимдән Антиохияға ҡайттылар. Антиохиялағы имандаштар берҙәмлегендә пәйғәмбәрҙәр, остаздар бар ине: Барнабас, Шимғон (уны тағы Нигер тип тә атайҙар), Курененан Лукиос, өлкә идарасыһы Һируд менән бергә тәрбиәләнгән Манаен һәм Шаул. Бер ваҡыт, улар Раббыға хеҙмәт иткәндә һәм ураҙа тотҡанда, Изге Рух: – Хеҙмәтемде башҡарыу өсөн Үҙем һайлап алған Барнабас менән Шаулды Миңә бирегеҙ, – тине. Ураҙа тотҡандан һәм доға ҡылғандан һуң, Барнабас менән Шаулдың баштарына ҡулдарын ҡуйып, уларҙы оҙатып ебәрҙеләр. Изге Рух тарафынан ебәрелгән Барнабас һәм Шаул Селеукея ҡалаһына килде, унан һыу юлы менән Кипр утрауына киттеләр. Утрауҙағы Саламис ҡалаһына килгәс, йәһүдтәрҙең ғибәҙәтханаларында Алла һүҙен вәғәзләнеләр. Яхъя ла улар менән ине, ярҙам итеп йөрөнө. Бөтә утрауҙы үтеп, улар Пафос ҡалаһына килде. Бында улар сихырсы һәм ялған пәйғәмбәр Бар-Йеһошуағ исемле йәһүд кешеһен осратты. Ул өлкә башлығы, бик аҡыллы кеше Сергиос Паулустың хеҙмәтсеһе ине. Сергиос Паулус, Алла һүҙен тыңларға теләп, Барнабас менән Шаулды үҙ һарайына саҡырҙы. Ә Әлүмас (был Бар-Йеһошуағтың икенсе исеме – «сихырсы»), өлкә башлығының иманға килеүенә аяҡ салырға тырышып, уларға ҡаршы торҙо. Әммә Изге Рух менән һуғарылған Шаул, уны Паулус тип тә атайҙар, Әлүмасҡа туп-тура ҡарап: – Эй, һин, эсе тулы ялған һәм мәкер, Иблис улы, һәр төрлө хаҡлыҡтың дошманы! Раббының тура юлын боҙоп күрһәтергә тырышыуҙан туҡтайһыңмы, юҡмы? – тине. – Әле Раббының ҡулы һинең өҫтөңдә: һин һуҡыраясаҡһың һәм Алла билдәләгән бер ваҡытҡаса ҡояшты күрмәйәсәкһең. Шунда уҡ Бар-Йеһошуағты томан һәм ҡараңғылыҡ ҡаплап алды, һәм ул, берәйһе етәкләмәҫме икән тип, әле бер яҡҡа, әле икенсе яҡҡа табан атланы. Өлкә башлығы, был хәлде күреп, Раббы тураһындағы тәғлимәттең ҡөҙрәтенә таң ҡалды һәм Раббыға инанды. Паулус һәм уның юлдаштары, Пафостан һыу юлы менән Памфулия өлкәһендәге Перге ҡалаһына килде. Яхъя, уларҙан айырылып, Йәрүсәлимгә ҡайтты, ә ҡалғандар Пергенан Писидиә өлкәһендәге Антиохияға китте. Шәмбе көндө улар ғибәҙәтханаға инеп ултырҙы. Ҡанундан һәм пәйғәмбәрҙәр яҙған китаптарҙан өҙөктәр уҡығандан һуң, ғибәҙәтхана башлыҡтары уларға хеҙмәтсе аша: – Туғандар! Халыҡҡа еткерергә теләгән нәсихәтегеҙ булһа, һөйләгеҙ, – тигән һүҙҙәрҙе еткерҙе. Паулус тороп баҫты ла ҡулы менән ишаралап тынлыҡҡа саҡырҙы: – Исраилдар һәм Алланан ҡурҡыусы башҡалар, тыңлағыҙ! Исраил халҡының Аллаһы беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙы һайлап алған. Мысыр ерендә булғандарында уларҙы бөйөк халыҡ иткән һәм Үҙенең ҡөҙрәте менән Мысырҙан алып сыҡҡан. Сүлдә ҡырҡ йыл буйы уларға ҡарата түҙемлек һаҡлаған. Ҡәнғән ерендә ете халыҡты юҡ иткәндән һуң, шул ерҙе Исраил халҡына аҫабалыҡҡа биргән. Шулай дүрт йөҙ илле йыл үткән. Шунан һуң, Шемуил пәйғәмбәр йәшәгән осорға тиклем, уларға хөкөмдарҙар биреп торған. Шунан улар батша һораған, һәм Алла Бинйәмин нәҫеленән булған Ҡиш улы Шаулды биргән. Ул ҡырҡ йыл идара иткән. Уны тәхеттән төшөргәс, батша итеп Дауытты ҡуйған һәм уның хаҡында: «Мин күңелемә хуш килгән Ишай улы Дауытты таптым. Ул Мин нимә теләһәм, шуны эшләр», – тигән. Алла, Үҙенең вәғәҙәһе буйынса, Исраил халҡына Дауыт нәҫеленән Ҡотҡарыусы Ғайсаны ебәрҙе. Ҡотҡарыусы килерҙән алда Яхъя бөтә Исраил халҡын тәүбәгә килеү билдәһе итеп һыуға сумдырылыу йолаһын үтәргә өндәне. Хеҙмәтенең аҙағында Яхъя: «Мине кем тип уйлайһығыҙ? Мин һеҙ көткән кеше түгел. Әммә минең арттан Берәү килә. Мин Уның аяҡ кейеменең бауын сисергә лә лайыҡ түгелмен», – тине. – Туғандар! – тип һүҙен дауам итте Паулус. – Ибраһим нәҫеле балалары һәм Алланы ололаусы башҡа кешеләр! Ҡотҡарылыу хаҡындағы был хәбәр беҙгә ебәрелде. Йәрүсәлим халҡы һәм уларҙың башлыҡтары Ғайсаның кем икәнен таныманы, Уны хөкөм итеп, пәйғәмбәрҙәрҙең һәр шәмбе уҡыла торған һүҙҙәрен ғәмәлгә ашырҙы. Үлем язаһына тарттырырлыҡ һис бер ғәйеп тапмаһалар ҙа, Пилатостан Уны үлтереүҙе талап иттеләр. Ғайса хаҡында Изге Яҙмала яҙылғандарҙың бөтәһе лә тормошҡа ашҡас, Уны арҡысаҡтан төшөрөп, ҡәбергә һалдылар. Әммә Алла Уны үленән терелтте. Ул Үҙе менән Галилеянан Йәрүсәлимгә килгән кешеләргә күп көндәр дауамында күренде. Хәҙер ул кешеләр – халыҡ алдында Уның шаһиттары. Тәнен серетмәйенсә Уны үленән терелтеп торғоҙоуы тураһында иһә Алла былай тигән: «Дауытҡа бирелгән изге һәм ышаныслы вәғәҙәне һеҙҙең өсөн бойомға ашырасаҡмын». Һәм бүтән бер урында ла: «Изге бәндәңдең тәнен серетмәҫһең», – тип яҙылған. Үҙ мәлендә Алла ихтыярына хеҙмәт иткән Дауыт иһә вафат булды, аталары янына ерләнде. Уның тәне серене. Ә Алла терелтеп торғоҙған Зат серемәне. – Шулай итеп, туғандар, һеҙгә мәғлүм булһын! – тип һүҙен дауам итте Паулус. – Һеҙгә Ғайса аша гонаһтарығыҙҙың ғәфү ителеүе хаҡында белдерелә. Муса ҡануны тормошҡа ашыра алмағанды Ғайса атҡарҙы: Уға инанған һәр кем Уның аша Алла тарафынан аҡланыр. Һаҡ булығыҙ, һеҙҙең менән пәйғәмбәрҙәр әйткәнсә килеп сыҡмаһын: «Мыҫҡыл итеүселәр, ҡарағыҙ! Хайран ҡалып юҡҡа сығығыҙ. Һеҙҙең көндәрҙә Мин шундай ғәмәл ҡылам, һөйләһәләр ҙә, ышанмаҫһығыҙ». Паулус менән Барнабас ғибәҙәтхананан сыҡҡанда, халыҡ уларҙан, киләһе шәмбелә лә ошо хаҡта һөйләгеҙ әле, тип үтенде. Йыйылыш таралғандан һуң күп йәһүдтәр һәм, йәһүд диненә күскән диндар кешеләр Паулус менән Барнабас артынан эйәрҙе. Илселәр, улар менән әңгәмә ҡороп, уларҙы Алла мәрхәмәтендә ҡалырға өгөтләне. Икенсе шәмбелә бөтә ҡала тиерлек Раббы һүҙен тыңларға йыйылды. Ә йәһүдтәр, халыҡтың күплегенә көнләшеүҙән эстәре ташып, Паулус әйткәндәргә ҡаршы әрләшә башланы. Паулус менән Барнабас ҡыйыу рәүештә: – Алла һүҙе иң элек һеҙгә иғлан ителергә тейеш ине, – тинеләр. – Әммә һеҙ уны кире ҡағаһығыҙ һәм шуның менән үҙегеҙҙең мәңгелек тормошҡа лайыҡ түгел икәнегеҙҙе күрһәтәһегеҙ. Шунлыҡтан беҙ башҡа халыҡтарға мөрәжәғәт итәбеҙ. Раббы бит беҙгә: «Ҡотолоу Һинең аша ер йөҙөнөң иң алыҫ төбәктәренә барып етһен тип, Һине халыҡтар өсөн яҡтылыҡ сығанағы итеп ҡуйҙым», – тигән бойороҡ бирҙе. Йәһүд булмағандар был һүҙҙәрҙе ишетеп ҡыуанды һәм Раббы һүҙен данланы. Мәңгелек тормош өсөн һайлап алынғандарҙың барыһы ла иманға килде. Раббы һүҙе шул тирәләге барса ерҙәргә таралды. Әммә йәһүдтәр, мәшһүр ғаиләләрҙән булған диндар ҡатындарҙы һәм ҡаланың етәксе кешеләрен ҡотортоп, Паулус менән Барнабасты эҙәрләне, уларҙы был төбәктән ҡыуҙыртты. Паулус менән Барнабас иһә, уларға ҡаршылыҡ йөҙөнән, аяҡтарындағы туҙанды ҡағып төшөрҙө һәм Иконион ҡалаһына китте. Ә шәкерттәрҙең күңеле ҡыуаныс һәм Изге Рух менән һуғарылды. Иконионда Паулус менән Барнабас, ғәҙәттәгесә, йәһүдтәр ғибәҙәтханаһына инде. Уларҙың тәьҫирле итеп һөйләүенән бик күп йәһүдтәр һәм башҡа халыҡ кешеләре Раббыға инанды. Ә иманға килмәгән йәһүдтәр, йәһүд булмағандарҙы иманлыларға ҡаршы ҡотортоп, уларға ҡарата дошманлыҡ уятты. Паулус менән Барнабас бында байтаҡ ваҡыт булды. Раббы тураһында ҡыйыу рәүештә вәғәзләнеләр һәм Раббы, Үҙенең мәрхәмәте хаҡындағы хәбәрҙе раҫлап, уларҙың ҡулы менән хикмәтле билдәләр һәм мөғжизәләр ҡылды. Ҡала халҡы икегә бүленде: бер өлөшө – йәһүдтәр, икенселәре илселәр яҡлы булды. Ахырҙа йәһүд булмағандар һәм йәһүдтәр, үҙҙәренең башлыҡтары менән бергә илселәргә ташланып, уларҙы таш менән бәреп үлтерергә ниәтләне. Был хаҡта белеп ҡалғандан һуң, илселәр Лукауния өлкәһенә ҡасып китте. Ундағы Лустра, Дербе ҡалаларында һәм шул тирәләге ерҙәрҙә халыҡҡа Һөйөнөслө Хәбәрҙе һөйләүҙәрен дауам иттеләр. Лустра ҡалаһында аяҡтары йөрөмәгән бер кеше бар ине. Ул, тыумыштан уҡ ғәрип булып, бер ҡасан да атлай алмаған ине. Ул да Паулус һөйләгән һүҙҙәрҙе тыңлап ултырҙы. Паулус уға туп-тура ҡараны ла, ғәриптең шифа аласағына ышанысы барлығын күреп, көслө тауыш менән: – Тор, аяғыңа баҫ, – тип әйтте. Теге һикереп торҙо ла атлап китте. Халыҡ иһә, Паулустың нимә эшләгәнен күреп, Лукауния ерлеге телендә: – Беҙҙең яныбыҙға кеше ҡиәфәтендә илаһтар төштө! – тип ҡысҡыра башланы. Барнабасты – Зевс тип, ә Паулусты, башлыса ул һөйләгәнгә күрә, Гермес тип атанылар. Ҡала ситендә урынлашҡан Зевс ҡорамының ҡаһины иһә ҡапҡа алдына үгеҙҙәр һәм сәскә бәйләмдәре алып килде, халыҡ менән бергә ҡорбан килтерергә булды. Илселәр Барнабас менән Паулус был хаҡта белеп ҡалғас, өҫтәрендәге кейемдәрен йыртҡысланы, халыҡ төркөмөнә ташланып: – Һеҙ нимә эшләйһегеҙ? – тип ҡысҡырҙы. – Беҙ – һеҙҙең кеүек үк кешеләр! Һеҙгә Һөйөнөслө Хәбәр алып килдек һәм, ялған илаһтарҙан арынып, күкте, ерҙе, диңгеҙҙе, уларҙағы бөтә нәмәне бар ҡылған тере Аллаға килеүегеҙҙе теләйбеҙ. Элек Ул бөтә халыҡтарға үҙҙәренең юлдарынан барырға ихтыяр бирә ине. Әммә, яҡшылыҡтар ҡылып, Үҙен күрһәтеп торҙо: ваҡытында күктәрҙән ямғыр яуҙырып, мул уңыш биреп, һеҙҙе ризыҡ менән тәьмин итте, йөрәктәрегеҙҙе ҡыуаныс менән тултырҙы. Ошо һүҙҙәр менән дә улар халыҡты үҙҙәренә ҡорбан килтермәҫкә көскә-көскә генә күндерә алды. Шулай ҙа Антиохиянан һәм Икониондан килгән ҡайһы бер йәһүдтәр халыҡты үҙҙәренең яғына ауҙарҙы. Паулусты таш бәреп туҡманылар ҙа, үлде тип уйлап, ҡаланан тышҡа сығарып ташланылар. Әммә эргәһенә шәкерттәре йыйылып киткәс, Паулус тороп кире ҡалаға инде. Икенсе көндө ул Барнабас менән Дербе ҡалаһына юл тотто. Был ҡалала Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп, шәкерттәр һанын байтаҡҡа арттырҙылар. Аҙаҡ Лустра, Иконион һәм Антиохия ҡалаларына ҡайтып, унда шәкерттәрҙең рухын күтәрҙеләр, иманда ныҡ торорға өндәнеләр. – Алла Батшалығына инер өсөн күп михнәттәр аша үтергә тура киләсәк, – тине улар. Улар һәр берҙәмлеккә өлкәндәр тәғәйенләнеләр һәм, ураҙа тотоп доға ҡылғандан һуң, уларҙы үҙҙәре инанған Раббының ҡулына тапшырҙылар. Бынан аҙаҡ улар, Писидиә аша үтеп, Памфулияға килде. Пергела Алла һүҙен бәйән иткәс, Атталея ҡалаһына йүнәлделәр. Атталеянан һыу юлы менән Антиохияға киттеләр. Ошо ҡалала Паулус менән Барнабас, үҙҙәренә тәғәйенләнгән эште атҡарыу өсөн, Алланың мәрхәмәтенә тапшырылғайны. Улар, Антиохияға ҡайтып еткәс, имандаштар берҙәмлеген йыйып, Алланың үҙҙәре аша ниҙәр эшләгәнен, Уның йәһүд булмағандарға иман ишеген асҡанын – бөтәһен дә һөйләп бирҙеләр. Паулус менән Барнабас шәкерттәр янында байтаҡ ваҡытҡа туҡталды. Йәһүҙиәнән Антиохияға ниндәйҙер кешеләр килеп иманлыларҙы: – Муса ҡануны ҡушҡанса сөннәткә ултырмаһағыҙ, ҡотола алмаясаҡһығыҙ, – тип өйрәтә башланы. Паулус һәм Барнабас теге кешеләр менән ризалашманы һәм улар араһында ҡыҙыу бәхәс тыуҙы. Шунлыҡтан Паулус менән Барнабасҡа, тағы бер нисә кешегә, Йәрүсәлимгә барып, илселәр һәм берҙәмлек өлкәндәре менән был мәсьәлә буйынса фекерләшеү бурысын йөкмәттеләр. Шулай итеп, берҙәмлек уларҙы юлға оҙатты. Фойникә һәм Самария өлкәләрен үткәндә улар, йәһүд булмаған халыҡтарҙың Аллаға табан боролоуҙары тураһында һөйләп, бөтә имандаштарҙың күңелендә ҙур ҡыуаныс уятты. Йәрүсәлимгә килеп еткәс, берҙәмлек тә, уның өлкәндәре лә, илселәр ҙә асыҡ йөҙ менән ҡабул итте. Паулус менән Барнабас уларға Алланың үҙҙәре аша ниндәй эштәр башҡарыуы тураһында һөйләп бирҙе. Шунан һуң фарисейҙар араһынан иманға килгән ҡайһы берәүҙәр урындарынан тороп: – Йәһүд булмағандарҙы сөннәткә ултыртырға һәм уларҙан Муса ҡанунын тотоуҙы талап итергә кәрәк, – тинеләр. Илселәр һәм берҙәмлек өлкәндәре был мәсьәләне тикшерергә йыйылды. Оҙаҡ фекер алышҡандан һуң Петрус урынынан тороп: – Имандаштар! – тип һүҙ башланы. – Башҡа халыҡтар Һөйөнөслө Хәбәрҙе минән ишетеп иманға килһен өсөн, байтаҡ ваҡыт элек бөтәбеҙ араһынан Алла мине һайлап ҡуйғанын беләһегеҙ. Кешенең күңелендә ни ятҡанын белеп торған Алла, беҙгә биргән кеүек башҡаларға ла Изге Рух биреп, уларҙы ҡабул итеүен күрһәтте. Йөрәктәрен иман аша сафландырып, улар менән беҙҙең арала бер ниндәй ҙә айырма ҡалдырманы. Шулай булғас, аталарыбыҙ ҙа, беҙ үҙебеҙ ҙә күтәрә алмаған йөктө шәкерттәр иңенә һалып, ни өсөн һеҙ хәҙер Алланы һынайһығыҙ? Ә бит беҙ ҙә, улар кеүек үк, Раббы Ғайса мәрхәмәте аша ҡотолоу алыуыбыҙға ышанабыҙ. Бөтә йыйылыш тынып, Барнабас менән Паулусты тыңланы. Улар Алланың башҡа халыҡтар араһында үҙҙәре аша ҡылған хикмәттәре һәм мөғжизәләре тураһында һөйләне. Аҙаҡ Яҡуп һүҙ алды: – Имандаштар, мине тыңлағыҙ! Алланың йәһүд булмаған халыҡтар тураһында хәстәрлек күрһәтә башлап, улар араһынан Үҙ халҡын булдырыуы тураһында Шимғон һөйләне. Пәйғәмбәрҙәрҙең Изге Яҙмала яҙған һүҙҙәре лә быға тап килә: «Шунан һуң Мин кире ҡайтырмын да Дауыттың ҡолаған сатырын торғоҙормон. Емереклектәрен ҡайтанан ҡороп, элекке хәленә ҡайтарырмын. Шуға күрә, башҡа халыҡтар араһынан Аллаға килгән кешеләргә ҡыйынлыҡ тыуҙырырға тейеш түгелбеҙ, тип һанайым. Киреһенсә, беҙ уларға, ялған илаһтарға ҡорбанға килтерелеп хур ителгән нәмәләрҙән, енси аҙғынлыҡтан, быуып үлтерелгән хайуандың итенән һәм ҡандан тыйылығыҙ, тип яҙырға тейешбеҙ. Сөнки Муса ҡануны элек-электән һәр ҡалала вәғәз ителә, һәр шәмбе һайын ғибәҙәтханаларҙа уҡыла, – тине Яҡуп. Бынан аҙаҡ илселәр һәм берҙәмлек өлкәндәре, бөтә берҙәмлек менән үҙҙәре араһынан бер нисә кешене һайлап, уларҙы Антиохияға Паулус һәм Барнабасҡа эйәртеп ебәрергә ҡарар итте. Улар имандаштар араһында етәксе булған Барсаббас тип аталған Йәһүҙәне һәм Силасты һайланылар. Улар аша ошондай йөкмәткеле хат ебәрҙеләр: «Имандаштарығыҙҙан – илселәрҙән, берҙәмлек өлкәндәренән Антиохиялағы, Сүриәләге һәм Киликиялағы бүтән халыҡтарҙан булған имандаштарға сәләм. Беҙҙән барған ҡайһы бер кешеләр һеҙҙе аптырашта ҡалдыра, күңелегеҙгә борсоу һала, тип ишеттек, әммә беҙ уларға ундай эш йөкмәтмәнек. Йәһүҙә менән Силасты һеҙгә ебәрәбеҙ, улар был хатта яҙылғандарҙы телдән аңлатып бирер. Изге Рух ихтыяры менән беҙ һеҙҙе түбәндәге талаптарҙан башҡа бер нәмә менән дә борсомаҫҡа ҡарар иттек: ялған илаһтарға ҡорбан итеп килтерелгән ризыҡтан, ҡандан, быуып үлтерелгән хайуандың итенән һәм енси аҙғынлыҡтан тыйылығыҙ. Үҙегеҙҙе ошо эштәрҙән һаҡлаһағыҙ, бик яҡшы булыр. Иҫән-һау булығыҙ!» Шулай итеп, ебәрелгән кешеләр Антиохияға килде һәм, берҙәмлекте йыйып, хатты тапшырҙы. Хатты уҡығас, бөтәһе лә был йыуаныслы хәбәргә ҡыуанды. Йәһүҙә менән Силас, үҙҙәре лә пәйғәмбәр булараҡ, һүҙ ярҙамы менән дәртләндереп, имандаштарҙың рухын нығытты. Паулус менән Барнабас иһә Антиохияла ҡалды. Улар башҡа күп кенә имандаштар менән бергә Раббы һүҙен өйрәтте, вәғәздәр уҡыны. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Паулус Барнабасҡа, үҙҙәре Раббы һүҙен вәғәзләп йөрөгән барса ҡалаларҙағы имандаштар янына барып, уларҙың хәлен белергә тәҡдим итте. Барнабас Маркус тип тә йөрөтөлгән Яхъяны ла үҙҙәре менән алырға теләне. Әммә Паулус тапшырылған эште атҡарып сығырға ярҙам итергә теләмәйенсә Памфулияла уларҙы ташлап киткән Яхъяны алырға ризалашманы. Паулус менән Барнабас араһында ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙы, һәм улар икеһе ике яҡҡа китергә булды: Барнабас, Маркусты алып, һыу юлы менән Кипрға юлланды. Силасты һайлаған Паулус иһә, имандаштар уны Раббы мәрхәмәтенә тапшырғандан һуң, юлға сыҡты, берҙәмлектәрҙе нығытып, Сүриә һәм Киликия өлкәләре аша үтте. Шунан һуң Паулус Дербеға, ә унан Лустраға барып етте. Унда Тимоҫеус исемле бер шәкерт бар ине. Уның әсәһе йәһүд булып, улы кеүек үк Ғайсаға инана, ә атаһы грек ине. Лустралағы һәм Икониондағы имандаштар Тимоҫеусты яҡшы яҡтан ғына телгә алды. Паулус уны үҙе менән бергә алып китмәксе булды, шуға күрә унда йәшәгән йәһүдтәр хаҡына уны сөннәткә ултыртты, сөнки бөтәһе лә Тимоҫеустың атаһы грек икәнен белә ине. Ҡаланан ҡалаға сәйәхәт иткәндә, улар имандаштарға Йәрүсәлимдә илселәр һәм берҙәмлек өлкәндәре ҡабул иткән ҡарарҙарҙы еткерҙе һәм уларҙы үтәргә өндәне. Берҙәмлектәрҙең иманы нығынды һәм иманға килеүселәрҙең һаны көндән-көн арта барҙы. Паулус һәм уның юлдаштары Фругия һәм Галатия ерҙәре аша китте, сөнки Изге Рух уларға Алла һүҙен Асия өлкәһендә һөйләргә рөхсәт итмәне. Мусия төбәгенә еткәс, улар Биҫунияға барырға уйлағайны, әммә Ғайсаның Рухы уларҙы ебәрмәне. Шулай итеп, улар Мусия аша үтеп, Троас ҡалаһына килде. Төндә Паулусҡа илаһи күренмеш иңде. Македониянан бер кеше: «Македонияға килеп, беҙгә ярҙам ит», – тип Паулустың ҡаршыһында ялбарып баҫып тора. Ошо күренмештән һуң, Алла беҙҙе шунда Һөйөнөслө Хәбәрҙе һөйләргә саҡыра, тигән фекергә килеп, шунда уҡ Македонияға китергә булдыҡ. Троастан һыу юлы менән китеп, беҙ туп-тура Самоҫракә утрауына, ә икенсе көндө Неаполис ҡалаһына еттек. Унан Македонияның ул өлөшөндәге төп ҡала, Рим колонияһы булған Филиппойға юл тоттоҡ. Беҙ был ҡалала бер нисә көн булдыҡ. Шәмбе көндө ҡаланан сыҡтыҡ та, доға ҡылыу урыны шундалыр тип уйлап, йылға буйына барҙыҡ. Унда йыйылған ҡатын-ҡыҙҙар менән һөйләшеп ултырҙыҡ. Араларында Түәтейра ҡалаһынан килгән, ҡуйы-ҡыҙыл төҫтәге ҡыйбатлы туҡымалар һатҡан Лидиә исемле бер ҡатын бар ине. Аллаға хөрмәт күрһәтеп йәшәгән был ҡатын Паулус һөйләгән һүҙҙәрҙе аңлаһын тип, Раббы уның йөрәген асты. Үҙе һәм өйөндәге туғандары һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгәс, Лидиә: – Мине Раббыға инаныусы тип һанаһағыҙ, өйөмә килеп ҡунаҡ булығыҙ, – тип инәлде һәм ахырҙа беҙҙе күндерҙе. Бер көндө доға ҡылыу урынына китеп барғанда беҙгә күрәҙәселек ене эйәләшкән бер хеҙмәтсе ҡыҙ осраны. Ул, күрәҙәлек ҡылып, үҙенең хужаларына күп табыш килтерә икән. Ҡыҙ Паулус менән беҙҙең артыбыҙҙан: – Был кешеләр – Юғарыларҙан Юғары Алланың ҡолдары, улар һеҙгә ҡотолоу юлын күрһәтә, – тип ҡысҡырып барҙы. Был бер нисә көн шулай дауам итте. Паулустың тамам асыуы килеп, ен яғына боролоп: – Ғайса Мәсих вәкәләте менән бойорам: уның эсенән сыҡ! – тине. Ен шунда уҡ сығып китте. Ҡыҙҙың табыш алырға булған өмөттәренең юҡҡа сығыуын аңлаған хужалары Паулус менән Силасты тотоп алдылар ҙа майҙанға ҡала башлыҡтары янына һөйрәп алып киттеләр. Халыҡ та Паулус менән Силасҡа ҡаршы сыҡҡан кешеләргә ҡушылды. Ҡала идарасылары уларҙың кейемдәрен йолҡҡослап систерҙе лә таяҡ менән һуҡтырырға бойорҙо. Ныҡ ҡына туҡмағандан һуң, уларҙы төрмәгә ташланылар һәм төрмә ҡарауылсыһына тотҡондарҙан күҙ яҙлыҡтырмаҫҡа бойорҙолар. Шундай әмер алғас, ҡарауылсы уларҙы төрмәнең эске бүлмәһенә япты ла аяҡтарына ағас ҡалып кейҙерҙе. Төн уртаһындараҡ Паулус менән Силас доға ҡылды, Алланы данлап, мәҙхиәләр йырланы, ә башҡа тотҡондар уларҙы тыңлап ултырҙы. Ҡапыл бик ныҡ итеп ер тетрәне, хатта төрмәнең нигеҙе һелкенеп ҡуйҙы. Шул саҡ бөтә ишектәр асылды ла барыһының да аяҡтарындағы сынйырҙар һыпырылып төштө. Төрмә ҡарауылсыһы йоҡонан уянып, ишектәрҙең асыҡ торғанын күргәс, тотҡондар ҡасҡан, тип уйланы һәм, ҡылысын сығарып, үҙен үҙе үлтерергә теләне. Әммә Паулус: – Үҙеңә яуызлыҡ ҡылма, беҙ барыбыҙ ҙа бында! – тип ҡысҡырҙы. Ҡарауылсы ут һорап алды ла бүлмә эсенә йүгереп инде һәм, ҡалтыранып, Паулус менән Силастың алдына йығылды. Шунан уларҙы тышҡа алып сыҡты. – Әфәнделәрем! Ҡотолор өсөн миңә нимә эшләргә кәрәк? – тип һораны. – Раббы Ғайсаға инан. Шулай эшләһәң, үҙең дә ҡотолорһоң, өйөңдәгеләр ҙә ҡотолор, – тип яуапланылар уға. Паулус менән Силас уға һәм уның өйөндәгеләргә Раббы һүҙен вәғәзләне. Шул уҡ төнгө бер сәғәттә төрмә ҡарауылсыһы уларҙың йәрәхәттәрен йыуҙы, үҙе лә, өйөндәгеләрҙең бөтәһе лә һыуға сумдырылыу йолаһын үтәне. Паулус менән Силасты үҙенең өйөнә алып ҡайтып, уларға табын әҙерләне, Аллаға инанғандары өсөн бөтә ғаиләһе менән ҡыуандылар. Көн тыуғас, ҡала идарасылары үҙҙәренең хеҙмәткәрҙәрен, уларҙы азат итергә, тигән хәбәр менән ебәрҙеләр. Төрмә ҡарауылсыһы был хаҡта Паулусҡа еткерҙе: – Ҡала идарасылары һеҙҙе азат итергә ҡушты. Барығыҙ, именлек һеҙгә, – тине. Ләкин Паулус: – Беҙҙе, Рим граждандарын, халыҡ алдында хөкөм итмәйенсә туҡманылар, төрмәгә яптылар, ә хәҙер йәшерен рәүештә сығарырға теләйҙәрме? Юҡ! Килһендәр ҙә беҙҙе үҙҙәре сығарһындар, – тине. Хеҙмәткәрҙәр был һүҙҙәрҙе ҡала идарасыларына еткерҙе, ә идарасылар, Паулус менән Силастың Рим граждандары икәнен ишеткәс, ҡурҡып киттеләр. Килеп, ғәфү үтенделәр, уларҙы иреккә сығарғас, ҡаланан китеүҙәрен һоранылар. Паулус менән Силас төрмәнән сыҡҡандан һуң, Лидиәнең өйөнә барҙы. Унда имандаштар менән осрашып, уларға өгөт-нәсихәт биргәс, юлға сыҡтылар. Илселәр, Амфиполис һәм Аполлония ҡалалары аша үтеп, Тессалонике ҡалаһына килеп етте. Унда йәһүдтәр ғибәҙәтханаһы бар ине. Паулус, ғәҙәттәгесә, ғибәҙәтханаға килде һәм өс шәмбе рәттән йәһүдтәр менән Изге Яҙмаларҙа әйтелгәндәр тураһында фекер алышты. Уларға Мәсихтең ғазап сигергә һәм үленән терелергә тейешлеген аңлатты һәм иҫбат итте. – Мин һеҙгә вәғәзләгән Ғайса – шул Мәсих бит инде, – тине Паулус. Йәһүдтәрҙең ҡайһы берҙәре, шулай уҡ Алланы ололап йәшәгән бик күп гректар, уларҙың күп кенә күренекле ҡатын-ҡыҙҙары иманға килде һәм Паулус менән Силасҡа ҡушылды. Был бүтән йәһүдтәрҙә көнләшеү уятты, улар, баҙар майҙанындағы йүнһеҙ кешеләрҙе йыйып, ҡалала бола ҡуптарҙы. Паулус менән Силасты халыҡ алдына сығарыу өсөн, уларҙы Ясондың өйөнә барып эҙләнеләр. Илселәрҙе тапмағас, Ясонды һәм иманлы ҡайһы бер кешеләрҙе ҡала башлыҡтары янына һөйрәп алып килделәр. – Ошо әҙәмдәр бөтә ерҙә бола ҡуптарып йөрөй, әле улар бында ла килеп еткән. Ә Ясон уларҙы үҙ өйөнә индергән. Улар барыһы ла ҡайсарҙың әмерҙәренә ҡаршы сығып, Ғайса тигән башҡа бер батша бар тип әйтәләр, – тип ҡысҡырҙылар. Был һүҙҙәр халыҡты һәм ҡала башлыҡтарын хафаға һалды. Ә Ясонды һәм башҡаларҙы, иреккә сығыу өсөн билдәләнгән күләмдә аҡса түләттергәс, ҡайтарып ебәрҙеләр. Төн еткәс тә имандаштары Паулус менән Силасты Бероя ҡалаһына оҙатты. Берояға барып еткәс, Паулус менән Силас йәһүдтәр ғибәҙәтханаһына китте. Бындағы кешеләр Тессалонике ҡалаһындағыларға ҡарағанда инсафлыраҡ ине. Улар Алла һүҙен бик теләп ҡабул итте һәм һәр көн Паулус һөйләгән һүҙҙәрҙең дөрөҫлөккә тап киләме икәнен тикшерер өсөн Изге Яҙманы өйрәнде. Күп кенә йәһүдтәр иманға килде, шулай уҡ мөхтәрәм грек ҡатындары һәм ирҙәре араһында ла иманға килеүселәр аҙ булманы. Әммә, Паулустың Бероя ҡалаһында ла Алла һүҙен вәғәзләүе тураһында белеп ҡалғас, Тессалоникела йәшәүсе йәһүдтәр бында ла килде һәм, ҡотҡо һалып, халыҡта асыу тыуҙырҙы. Тиҙ арала имандаштары Паулусты диңгеҙ буйына ебәрҙе, ә Силас менән Тимоҫеус Берояла ҡалды. Паулусты оҙатыусылар уның менән Афинаға тиклем барҙы, шунан һуң ғына ҡайтып киттеләр. Паулус улар аша Силасҡа һәм Тимоҫеусҡа мөмкин тиклем тиҙерәк килеп етергә ҡушты. Силас менән Тимоҫеусты көтөп Афинала йөрөгәндә, Паулус бында һындарҙың күп булыуына әсенде. Ул ғибәҙәтханала йәһүдтәр һәм Аллаға хөрмәт күрһәтеүсе бүтән кешеләр менән әңгәмәләр ҡороп ултырҙы, шулай уҡ көн һайын баҙар майҙанында осраған кешеләр менән һөйләште. Шулай бер көн эпикурсылар һәм стоиктар мәктәбенә ҡараған ҡайһы бер фәлсәфә әһелдәре Паулус менән бәхәскә инде. Паулус Ғайса тураһында һәм үленән терелеү хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе еткергәс, фәлсәфәселәрҙең ҡайһы берҙәре: – Был бушҡыуыҡ нимә әйтергә теләй? – тине, ә икенселәре: – Ул сит илаһтар тураһында вәғәз һөйләй булһа кәрәк, – тиеште. Улар Паулусты үҙҙәре менән Ареопаг кәңәшмәһенә алып барҙы. – Вәғәзләгән был яңы тәғлимәтең тураһында һөйлә әле беҙгә. Һин бит сәйер нәмәләр хаҡында әйтәһең, беҙ уларҙың ни аңлатҡанын белергә теләр инек, – тинеләр. Ниндәй ҙә булһа яңы фекерҙәр тураһында һөйләшеү йәки тыңлау афиналыларҙың һәм унда йәшәгән сит ил кешеләренең яратҡан шөғөлө ине. Паулус Ареопаг кәңәшмәһе алдына баҫты. – Афина халҡы! Һеҙҙең бик тә диндар булыуығыҙҙы бөтә яҡлап күреп торам, – тине ул. – Изге ҡоролмаларығыҙҙы ҡарап йөрөгәндә «Билдәһеҙ аллаға» тип яҙылған ҡорбан усағын да күрҙем. Ошо үҙегеҙ ҙә белмәгән, ләкин Уға табынған Алла тураһында һеҙгә вәғәзләйем дә инде. Донъяны һәм унда булған һәммә нәмәне бар иткән Алла – Ул күктәрҙең һәм ерҙең Хужаһы. Ул кеше ҡулы менән төҙөлгән ҡорамдарҙа йәшәмәй, кешеләрҙең Уға ҡул хеҙмәте күрһәтеүенә лә мохтаж түгел. Ул Үҙе һәр кемгә тормош, һулыш һәм башҡа бар нәмәне бирә. Бөтөн ер йөҙөндә йәшәһендәр тип, Ул бер әҙәмдән тотош кешелекте барлыҡҡа килтерҙе, барыһына ла ваҡыт һәм йәшәү урындарының сиктәрен билдәләне. Ул быны кешеләр Алланы эҙләһендәр, бәлки, Уны тойомлап табырҙар, тип эшләне. Ә бит Ул беҙҙең беребеҙҙән дә алыҫ түгел. Ҡайһы бер шағирҙарығыҙ: «Беҙ ҙә Уның нәҫеленән», – тигән кеүек, «беҙ Уның арҡылы йәшәйбеҙ, хәрәкәт итәбеҙ һәм көн күрәбеҙ». Шуға күрә, Алла нәҫеленәнбеҙ икән, Алланы кеше ниәте һәм оҫталығы менән яһалған алтын, көмөш йәки таш һынға оҡшаш тип уйларға тейеш түгелбеҙ. Шулай итеп, хәҡиҡәтте белмәйенсә йәшәгән замандарҙы Алла ғәйеп итмәне, ләкин хәҙер Ул бөтә ерҙә бар халыҡҡа тәүбә итергә бойора. Алла бар ғаләмдәге ғәҙел хөкөм итеү көнөн билдәләне бит. Хөкөм итәсәк Затты ла һайлап ҡуйҙы инде. Алла, ул Затты үленән терелтеп, бының ысынлығын һәр кемгә иҫбат итте, – тине Паулус. Үлеләрҙең терелеүе тураһында ишеткәс, ҡайһы берәүҙәр көлдө, ә икенселәре: – Был хаҡта һине икенсе юлы тыңларбыҙ, – тине. Шунан һуң Паулус Ареопагтан сығып китте. Ҡайһы бер кешеләр уға ҡушылып иманға килде. Улар араһында Ареопаг ағзаһы Дионусиос, Дамарис исемле бер ҡатын һәм башҡалар бар ине. Бынан һуң Паулус, Афинанан китеп, Коринҫос ҡалаһына килде. Ул унда сығышы менән Понтос өлкәһенән булған Акулас атлы бер йәһүдте осратты. Клаудиус ҡайсар бөтөн йәһүдтәргә Римдан китергә әмер биргәнлектән, ул ҡатыны Прискилла менән күптән түгел Италиянан килгәйне. Паулус уларҙың хәлен белергә барҙы. Уларҙың һөнәрҙәре бер ине: сатыр яһау, шунлыҡтан Паулус улар менән бергә эшләргә ҡалды. Һәр шәмбе көндө ул ғибәҙәтханала йәһүдтәр һәм гректар менән фекер алышты, уларҙы инандырырға тырышты. Силас менән Тимоҫеус Македониянан килгәс, Паулус үҙенең бөтә ваҡытын, Ғайсаның Мәсих икәнлеге хаҡында шаһитлыҡ ҡылып, йәһүдтәргә вәғәз һөйләүгә бағышланы. Әммә йәһүдтәр уға ҡаршы сығып, яман телләшә башлағас, кейемендәге туҙанды ҡағып: – Һәләкәтегеҙгә үҙегеҙ ғәйепле. Минең намыҫым таҙа, инде башҡа халыҡтар араһына китәм, – тине. Ул, ғибәҙәтхананан сығып, йәнәшәлә генә Аллаға хөрмәт күрһәтеп йәшәгән Титиос Юстос исемле кешенең өйөнә барҙы. Ғибәҙәтхана башлығы Криспос иһә үҙенең бөтә ғаиләһе менән Раббыға инанды. Күп кенә коринҫостар ҙа, Паулустың һөйләгәндәрен ишетеп, иманға килде һәм һыуға сумдырылыу йолаһын үтте. Бер ваҡыт төндә Паулусҡа илаһи күренмеш килде. Унда Раббы: – Ҡурҡма! Һөйләүеңде дауам ит, туҡтама. Мин һинең менән, бер кем дә һиңә һөжүм итеп яуызлыҡ ҡылмаҫ. Был ҡалала Миңә тоғро кешеләр күп, – тине. Паулус, имандағы кешеләрҙе Алла һүҙенә өйрәтеп, Коринҫоста йыл ярым йәшәне. Ахаяла Галлион өлкә башлығы булған ваҡытта йәһүдтәр, берләшеп, Паулусҡа ҡаршы күтәрелде һәм уны тотоп хөкөм йортона алып барҙы. – Был әҙәм кешеләрҙе Аллаға ҡануныбыҙҙа әйтелмәгәнсә табынырға өйрәтә, – тинеләр. Паулус ниҙер әйткәнсе, Галлион йәһүдтәргә: – Йәһүд халҡы! Әгәр ҙә уны ниндәйҙер яуыз эш йәки енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләһәгеҙ, һеҙҙең дәғүәләрегеҙҙе тыңларға сәбәп булыр ине. Әммә дәғүәләрегеҙ айырым һүҙҙәр, исемдәр һәм үҙ ҡанунығыҙға бәйле икән, уларҙы үҙегеҙ хәл итегеҙ. Мин бындай эштә хөкөмдар булырға теләмәйем, – тип уларҙы хөкөм йортонан ҡыуып сығарҙы. Шунан һуң ундағы кешеләр хөкөм йорто алдында ғибәҙәтхана башлығы Сосҫенесте тотоп туҡманы. Ә Галлиондың быға иҫе лә китмәне. Паулус, Коринҫоста байтаҡ ваҡыт уҙғарғандан һуң, имандаштары менән хушлашып, һыу юлы менән Сүриәгә юлланды. Прискилла һәм Акулас та уның менән китте. Юлға сығыр алдынан, әйткән нәҙере буйынса, Паулус Кәнхреайҙа сәсен алдырҙы. Эфесҡа килеп еткәс, Паулус юлдаштарынан айырылып ғибәҙәтханаға барҙы һәм унда йәһүдтәр менән һөйләшеп ултырҙы. Йәһүдтәр уның үҙҙәре янында оҙағыраҡҡа ҡалыуын һораһалар ҙа, Паулус риза булманы. Улар менән һаубуллашып: – Алла ихтыярында булһа, тағы килермен, – тине. Бынан һуң ул һыу юлы менән Эфестан китте. Ҡайсареяға барып еткәс, караптан төшөп, Йәрүсәлимгә килде, ундағы берҙәмлекте сәләмләгәндән һуң Антиохияға китте. Унда бер аҙ ваҡыт булғандан һуң, Паулус юлға сыҡты, Галатия һәм Фругия ерҙәре аша уҙып, барса шәкерттәрҙе иманда нығытты. Эфесҡа сығышы менән Искәндәриәнән булған, сәсән телле һәм Яҙманы бик яҡшы белгән Аполлос исемле бер йәһүд килде. Ул Раббы юлына өйрәтелгәйне һәм, Яхъя ҡалдырған һыуға сумдырылыу йолаһын ғына белһә лә, ялҡынлы рух менән Ғайса тураһында ысынын бәйән итте һәм өйрәтте. Ул ғибәҙәтханала бик ҡыйыу һөйләй башланы. Прискилла менән Акулас, Аполлостың һөйләгәндәрен ишетеп, уны үҙҙәре янына саҡырып алдылар һәм Алла юлы тураһында тулыраҡ итеп аңлаттылар. Аполлос Ахаяға китергә ниәт белдергәс, имандаштары быны хупланы һәм ундағы шәкерттәргә, уны ҡабул итеүҙәрен һорап, хат яҙҙылар. Аполлос унда барғас, Алла мәрхәмәте менән иманға килгәндәргә күп ярҙам күрһәтте. Ул, Ғайсаның Мәсих икәнлеген Изге Яҙмаға нигеҙләнеп ышандырырлыҡ итеп иҫбатлап, бөтә халыҡ алдында йәһүдтәрҙең ҡарашын юҡҡа сығарҙы. Аполлос Коринҫоста саҡта, Паулус, илдең таулы өлөштәре аша үтеп, Эфесҡа килде. Унда бер нисә шәкертте осратты һәм уларҙан: – Һеҙ иманға килгәндә Изге Рухты ҡабул иттегеҙме? – тип һораны. – Изге Рух тураһында беҙҙең ишеткәнебеҙ ҙә юҡ, – тинеләр уға. – Улай булғас, ниндәй һыуға сумдырылыу йолаһын үттегеҙ һуң? – Яхъя ҡылған һыуға сумдырыуҙы, – тип яуап бирҙе шәкерттәр. – Яхъя ҡылған һыуға сумдырыу гонаһтарҙан тәүбә итеү өсөн булды. Ул халыҡты үҙенән һуң килгән Затҡа, йәғни Ғайсаға, инанырға өндәне, – тине Паулус. Быны ишеткәс, улар Раббы Ғайса исеме менән һыуға сумдырылды. Паулус ҡулдарын уларҙың баштарына ҡуйғас, шәкерттәргә Изге Рух инде, улар таныш булмаған телдәрҙә һөйләй һәм Алла хәбәрен иғлан итә башланы. Унда ун икеләп шәкерт бар ине. Паулус ғибәҙәтханаға барып, өс ай буйы ҡыйыу рәүештә вәғәзләне, Алла Батшалығы тураһында әңгәмәләр ҡороп, кешеләрҙә ышаныс тыуҙырҙы. Әммә ҡайһы берәүҙәр, уҫаллашып һәм иманға килеүҙән баш тартып, йыйылған халыҡ алдында Раббының юлын яманланы. Шул сәбәпле Паулус улар янынан китте. Шәкерттәрҙе айырып алып, Тураннус тигән берәүҙең уҡыу йортонда улар менән көн дә әңгәмәләшеп ултырҙы. Ошо рәүешле ике йыл дауам итте. Шунлыҡтан Асия өлкәһендә йәшәгән бөтә йәһүдтәр ҙә, йәһүд булмағандар ҙа Раббы тураһындағы хәбәрҙе ишетте. Алла иһә Паулустың ҡулдары менән иҫ китерлек ҡөҙрәтле эштәр ҡылды. Паулус ҡағылған ҡулъяулыҡтарҙы, билбауҙарҙы алып ҡайтып, ауырыуҙарҙың өҫтөнә һалғандан һуң, улар һауыҡты, эстәренән яуыз рухтар сыҡты. Ҡайһы бер бағымсы илгиҙәр йәһүдтәр ҙә ен эйәләшкән кешеләрҙән яуыз рухтарҙы ҡыуып сығарырға теләп: – Мин һеҙгә Паулус вәғәзләгән Ғайса вәкәләте менән бойорам, – тип Раббы Ғайса исемен ҡулланырға тырышты. Йәһүдтәрҙең баш ҡаһины Скеуастың ете улы ла шулай итте. Әммә яуыз рух: – Ғайсаны беләм, Паулус та миңә таныш, ә һеҙ кем? – тип яуап бирҙе. Эсендә яуыз рух булған кеше бағымсыларға ташланды һәм, уларҙы бик ныҡ итеп туҡмағас, тегеләр ул йорттан яраланған һәм кейемдәре йыртылған хәлдә сығып ҡасты. Был ваҡиға Эфеста йәшәгән бөтә йәһүдтәргә һәм башҡа халыҡ кешеләренә мәғлүм булғас, барыһы ла ҡурҡыуға төштө, Раббы Ғайсаның исеме тағы ла нығыраҡ ихтирам ителә башланы. Иманға килгән күптәр ҡылған насар эштәрен таныны. Ә сихырсылыҡ менән шөғөлләнеүселәрҙең күбеһе, үҙҙәренең китаптарын алып килеп, бөтәһенең күҙ алдында яндырҙы. Яндырылған китаптарҙың хаҡын иҫәпләгәйнеләр, барлығы илле мең көмөш тәңкә сыҡты. Раббы һүҙе бына шундай көс менән таралды һәм нығынды. Ошо ваҡиғаларҙан һуң Паулус Македония һәм Ахая аша Йәрүсәлимгә ҡайтырға ҡарар итте. – Йәрүсәлимдә булғандан һуң мин Римға барырға тейешмен, – тине ул. Ике ярҙамсыһын, Тимоҫеус менән Әрәстосты Македонияға ебәреп, ул үҙе бер аҙ ваҡытҡа Асия өлкәһендә тотҡарланды. Шул көндәрҙә Раббы юлы арҡаһында ҙур боларыш сыҡты. Был ҡалала Демитриус тигән көмөшсө бар ине. Ул, гректар алиһәһе Артемида ҡорамының өлгөләрен көмөштән ҡойоп, шуның менән һөнәрселәргә күп табыш алырға ярҙам итә ине. Демитриус көмөшсөләрҙе һәм башҡа һөнәр эйәләрен йыйып алып: – Дуҫтар! Мул тормошобоҙҙоң ошо кәсепкә бәйле икәнен беләһегеҙ, – тине. – Күреп-ишетеп тә йөрөйһөгөҙ, әлеге Паулус, кеше ҡулы менән яһалған нәмәләр илаһ түгел, тип, Эфеста ғына түгел, бөтә Асия өлкәһендә тиерлек күп кешеләрҙе ышандырҙы һәм юлдан яҙҙырҙы. Был беҙҙең кәсептең яманаты сығыу хәүефе менән генә түгел, ә бөйөк алиһә Артемида ҡорамының әһәмиәте бөтөүе менән дә янай. Барлыҡ Асия өлкәһе һәм бөтә донъя табынған алиһә үҙе лә илаһи бөйөклөгөнән мәхрүм ителер. Ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс, һөнәрселәрҙең асыуы ҡабарып: – Эфестар Артемидаһы бөйөк! – тип ҡысҡырырға керештеләр. Тиҙҙән бөтә ҡалала боларыш башланды. Паулустың юлдаштарын – македон кешеләре Гайҙы һәм Аристархосты тотоп алып, бөтәһе бергә тамаша урынына ташланды. Паулус халыҡҡа сығырға теләне, ләкин шәкерттәр уны ебәрмәне. Шулай уҡ Асия өлкәһенең Паулустың дуҫтары булған күренекле әһелдәре лә, кешеләр артынан хәбәр ебәреп, уның тамаша урынында күренмәүен үтенде. Халыҡ йыйылған ерҙә берәүҙәр – бер, икенселәре бүтән нәмә ҡысҡырҙы. Йыйылышта тәртипһеҙлек хөкөм һөрҙө, йыйылғандарҙың күбеһе ни өсөн килгәнен дә белмәне. Ҡайһылары йәһүдтәр халыҡ алдына этеп сығарған Искәндәр исемле бер кешегә кәңәштәр бирҙе. Искәндәр, халыҡҡа һүҙ әйтергә теләп, ҡулы менән ишара яһаны. Уның йәһүд икәнен белеп ҡалғас: – Эфестар Артемидаһы бөйөк! – тип бер тауыштан ҡысҡырыша башланылар. Улар шулай ике сәғәт тирәһе ҡысҡырышты. Ниһайәт, ҡала етәкселәренең береһе халыҡты тынысландырып: – Эфес халҡы! Эфестың бөйөк алиһә Артемида ғибәҙәтханаһын һәм күктән төшкән изге ташты һаҡлаусы ҡала икәнен кем генә белмәй? – тине. – Был бәхәсһеҙ икән, ул саҡта тыныс булырға, ҡыҙыулыҡ менән нимәлер ҡылырға тейеш түгелһегеҙ. Һеҙ тотоп килтергән был кешеләр Артемида ғибәҙәтханаһын да таламаған, беҙҙең алиһәбеҙҙе лә хурламаған. Демитриустың һәм уның янындағы башҡа һөнәрселәрҙең берәй кешегә дәғүәһе булһа, бының өсөн хөкөм йорттары һәм өлкә башлыҡтары бар. Бер-береһенә ана шунда барып ялыу итһендәр. Тағы һорауҙарығыҙ булһа, һеҙ уларҙы ҡанунға ярашлы халыҡ йыйылышында күтәрә алаһығыҙ. Беҙ хәҙер бөгөнгө ваҡиға өсөн фетнә сығарыуҙа ғәйепләнеү ҡурҡынысы алдында торабыҙ. Ә бит бындай йыйынды аҡларлыҡ һис бер дәлилебеҙ юҡ. Шул һүҙҙәрҙе әйтеп, ҡала етәксеһе йыйылышты таратты. Боларыш туҡталғас, Паулус шәкерттәрҙе янына саҡырып алды, уларҙың күңелдәрен күтәрҙе һәм, һаубуллашып, Македония өлкәһенә юлланды. Шул ерҙәрҙән үткәндә, иманлыларҙы дәртләндереп, күп нәсихәттәр бирҙе. Паулус Грецияла туҡталды. Унда өс ай булғандан һуң һыу юлы менән Сүриәгә китергә тип торғанда, йәһүдтәр уға ҡаршы этлек ҡылырға һүҙ ҡуйышты. Быны белеп ҡалған Паулус Македония аша ҡайтырға тигән фекергә килде. Уны Бероянан Пуррос улы Сосипатрус, тессалоникеларҙан Аристархос һәм Секундос, Дербенан Гай, шулай уҡ Тимоҫеус һәм Асия өлкәһенән Тухикус менән Трофимус оҙата барҙы. Улар алдан китеп, беҙҙе Троас ҡалаһында көтөп торҙо. Ә беҙ Сөсө икмәк байрамынан һуң Филиппойҙан һыу юлы менән киттек һәм, биш көн тигәндә, Троаста уларға барып ҡушылдыҡ. Беҙ унда ете көн булдыҡ. Аҙнаның беренсе көнөндә икмәк һындырып ашау йолаһына бергә йыйылдыҡ. Паулус йыйылған халыҡ менән әңгәмә ҡороп ултырҙы һәм, икенсе көндө китергә ниәтләгәнлектән, һөйләшеү төн уртаһына тиклем һуҙылды. Беҙ йыйылған өҫкө ҡаттағы бүлмәлә күп яҡтыртҡыстар яна ине. Паулус һөйләп торған ваҡытта тәҙрә төбөндә ултырған Әүтухус исемле йәш егетте йоҡо баҫты һәм ул, йоҡлап китеп, өсөнсө ҡаттан йығылып төштө. Күтәреп алғанда ул үле ине. Паулус, урамға сығып, егетте эйелеп ҡыҫып ҡосаҡланы ла: – Борсолмағыҙ, уның йәне үҙендә, – тине. Яңынан бүлмәгә күтәрелеп, икмәк һындырып ашаны. Халыҡ менән таңға хәтлем һөйләшеп ултырғандан һуң, юлға сыҡты. Ә теге йәш егетте тере килеш өйөнә алып ҡайттылар. Был хәлгә барыһы ла ҡыуанды. Беҙ, карапҡа ултырып, Ассос ҡалаһына табан юл алдыҡ, Паулусты шунда ултыртып алырға уйланыҡ. Тәүҙә ҡоро ерҙән барырға теләп, ул үҙе шулай ниәтләне. Ассоста осрашҡас, Паулусты алып, Митулене ҡалаһына барҙыҡ. Унан киткәндең икенсе көнөндә Хиос утрауы ҡаршыһында туҡталдыҡ, ә иртәгәһен Самос утрауында инек һәм тағы бер көндән Милетос ҡалаһына барып еттек. Паулус, Асия өлкәһендә тотҡарланмаҫ өсөн, Эфесты ситләтеп уҙырға булды, сөнки ул мөмкинлек булғанда Уңыш байрамы еткәнсе Йәрүсәлимгә барып етергә ашыға ине. Ул берҙәмлектәге өлкәндәрҙе саҡыртырға Милетостан Эфесҡа кешеләр ебәрҙе. Улар килеп еткәс: – Асия өлкәһенә килгәндең тәүге көндәренән үк һеҙҙең менән булып, нисек йәшәгәнемде үҙегеҙ беләһегеҙ, – тине уларға. – Йәһүдтәрҙең яуыз ниәттәре арҡаһында килеп тыуған һынауҙарға ҡарамай, күндәмлек менән һәм күҙ йәштәремде түгеп, Раббыға хеҙмәт иттем. Һеҙгә файҙалы булырҙай бер нәмәне лә бәйән итмәй ҡалдырманым, һеҙҙе халыҡ алдында ла, өйҙән-өйгә йөрөп тә өйрәттем. Тәүбә итеп Аллаға табан боролоуҙың һәм Раббыбыҙ Ғайсаға инаныуҙың зарурлығы тураһында йәһүдтәргә лә, йәһүд булмағандарға ла иғлан иттем. Ә хәҙер, Рух ихтыярына буйһоноп, Йәрүсәлимгә барам. Унда мине нимә көткәнен дә белмәйем. Фәҡәт шуны беләм: ниндәй генә ҡалаға барһам да, Изге Рух мине бығауҙар һәм хәсрәт көтөүе тураһында иҫкәртә. Ләкин мин үҙ тормошомдоң ҡәҙере өсөн ҡайғырмайым, тик хеҙмәтемде һәм Раббы Ғайсанан ҡабул итеп алған эште – Алланың мәрхәмәте тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан итеү вазифаһын теүәлләп ҡуйырға теләйем. Алла Батшалығын арағыҙҙа йөрөп вәғәзләүемде ишеткәндәрегеҙҙең береһе лә мине бүтәнсә күрмәҫен хәҙер инде беләм. Шуға күрә бөгөн һеҙгә иғлан итәм: әгәр берәйегеҙ һәләк булһа, бында минең ғәйебем юҡ. Мин һеҙгә Алланың ихтыярын тулыһынса бәйән иттем. Шулай итеп, үҙегеҙ хаҡында һәм Изге Рух һеҙҙе көтөүсе итеп ҡуйған көтөү тураһында ҡайғыртығыҙ. Үҙ Улының ҡаны аша Алла Үҙенеке иткән берҙәмлеккә көтөүселәр булығыҙ. Мин киткәндән һуң арағыҙға аяуһыҙ бүреләр киләсәген беләм, улар көтөүҙе йәлләп тормаясаҡ. Хатта һеҙҙең арағыҙҙан да, шәкерттәрҙе үҙҙәренең арттарынан эйәртеп алып китеү өсөн, хәҡиҡәтте боҙоп күрһәтеүселәр сығасаҡ. Шуға күрә һаҡ булығыҙ, өс йыл буйы һеҙҙең һәр берегеҙгә күҙ йәштәрем аша көнө-төнө биргән нәсихәттәремде хәтерегеҙҙән сығармағыҙ. Хәҙер һеҙҙе Алла ҡулына һәм Уның мәрхәмәте тураһындағы һүҙгә тапшырам. Уның һүҙе ышанысығыҙҙы тағы ла нығытырға һәм Үҙенең изге халҡы араһында һеҙгә өлөш бирергә һәләтле. Мин һис кемдең алтын-көмөшөнә лә, кейеменә лә ҡыҙыҡманым. Һеҙ беләһегеҙ, үҙемдең һәм янымда булғандарҙың ихтыяждарын бына ошо ҡулдарым ҡәнәғәтләндерҙе. Раббы Ғайсаның: «Алыуға ҡарағанда биреүҙә бәхет күберәк», – тигән һүҙҙәрен иҫтә тотоп, хәлһеҙҙәргә тырышып ярҙам итеү фарыз. Шулай эшләргә кәрәклекте һәр эшем менән күрһәттем, – тине Паулус. Һөйләп бөткәс, тубыҡланып, улар менән бергә доға ҡылды. Бөтөнөһө илап, Паулусты ҡосаҡлап үпте. Бигерәк тә уның «мине ҡабат күрмәҫһегеҙ инде» тигән һүҙҙәренә ҡайғырҙылар. Шунан уны карапҡаса оҙата барҙылар. Беҙ, улар менән һаубуллашып, диңгеҙгә сыҡтыҡ һәм туп-тура Кос утрауындағы ҡалаға йүнәлеш алдыҡ. Икенсе көндө Родоста, унан Патара утрауында булдыҡ. Унда Фойникә өлкәһенә барыусы карапты табып ултырҙыҡ та ҡуҙғалып киттек. Кипр утрауын көньяғынан урап үтеп, Сүриә өлкәһенә табан йөҙҙөк. Тирҙа туҡталыш яһаныҡ, сөнки унда караптан йөк бушатылырға тейеш ине. Шәкерттәрҙе эҙләп тапҡандан һуң, яндарында ете көн булдыҡ. Улар, Рухтың иҫкәртеүенән сығып, Паулусты Йәрүсәлимгә бармаҫҡа күндерҙе. Әммә, китер ваҡыт еткәс, юлға сыҡтыҡ. Барлыҡ иманлылар ҡатындары һәм балалары менән беҙҙе ҡаланан сыҡҡансы оҙата барҙы, ә яр буйына килеп еткәс, бөтәбеҙ бергә тубыҡланып доға ҡылдыҡ. Хушлашҡандан һуң беҙ карапҡа ултырҙыҡ, улар өйҙәренә ҡайтып китте. Беҙ, Тирҙан юлыбыҙҙы дауам итеп, Птолемаис ҡалаһына килеп төштөк. Ундағы имандаштарҙың хәлен белеп, улар менән бер көн булдыҡ. Ә икенсе көндө беҙ Ҡайсареяға килдек һәм Йәрүсәлимдә һайланып алынған ете ярҙамсының береһе, Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыусы Филиппустың өйөндә туҡталдыҡ. Уның Алла хәбәрен иғлан итеүсе пәйғәмбәр ҡыҙҙары – кейәүгә сыҡмаған дүрт ҡыҙы бар ине. Беҙ килеүгә бер нисә көн уҙғас, Йәһүҙиәнән Һағаб исемле бер пәйғәмбәр килде. Яныбыҙға килде лә, Паулустың билбауын алып, үҙенең аяҡ-ҡулын бәйләне. – Изге Рух: «Йәрүсәлимдәге йәһүдтәр был билбауҙың эйәһен бына шулай бәйләйәсәк һәм уны мәжүсиҙәр ҡулына тапшырасаҡ», – тип әйтә, – тине Һағаб. Быны ишеткәс, беҙ ҙә, унда булған башҡа кешеләр ҙә Паулустың Йәрүсәлимгә бармауын үтендек. Әммә ул: – Һеҙ нимә эшләйһегеҙ? Ниңә илап, йөрәгемде телгеләйһегеҙ? Мин Раббы Ғайса исеме хаҡына Йәрүсәлимдә тотҡон булырға ғына түгел, үлергә лә әҙермен, – тип яуап бирҙе. Беҙ, уны күндерә алмаҫыбыҙҙы аңлағас, тынысланып: – Раббының ихтыярынса булһын! – тинек. Ҡайсареяла бер ни тиклем ваҡыт үткәргәс, йыйынып, Йәрүсәлимгә киттек. Беҙҙең менән бергә Ҡайсареянан бер нисә шәкерт тә барҙы. Улар беҙҙе күптән иманға килгән кипрлы Мнасон атлы шәкерт янына, беҙ туҡталасаҡ өйгә алып барҙы. Йәрүсәлимгә килгәс, имандаштар беҙҙе шатланып ҡабул итте. Икенсе көндө Паулус Яҡуп янына килде. Беҙ ҙә уға эйәреп барҙыҡ. Унда барлыҡ берҙәмлек өлкәндәре йыйылғайны. Паулус уларҙы сәләмләгәндән һуң, үҙенең хеҙмәте арҡылы Алланың башҡа халыҡтар араһында ниҙәр эшләгәнен ентекләп һөйләп бирҙе. Паулусты тыңлағас, ундағылар Алланы данланы. Шунан Паулусҡа: – Беләһеңме, имандаш, – тинеләр, – йәһүдтәр араһында инде нисә мең иманға килгән кеше бар. Уларҙың бөтәһе лә Муса ҡанунын бик ихлас яҡлай. Һинең хаҡта уларға, һин, йәнәһе, бүтән халыҡтар араһында йәшәгән барлыҡ йәһүдтәрҙе улдарын сөннәткә ултыртмағыҙ, йәһүд халҡының йолаларын тотмағыҙ тип өндәп, Муса ҡанунынан баш тартырға өйрәтәһең икән, тип әйткәндәр. Нимә эшләргә? Әлбиттә, улар һинең килеүеңде ишетер. Шуға күрә, кәңәшебеҙ шул: беҙҙә нәҙер әйткән дүрт кеше бар, улар менән бергә таҙарыныу йолаһын үтә. Сәстәрен алдыра алһындар өсөн, уларҙың сығымдарын үҙ өҫтөңә ал. Бөтәһе лә һинең хаҡта ишеткәндәренең дөрөҫ түгеллеген һәм үҙеңдең дә ҡанунға буйһоноп йәшәүеңде күрер. Ә инде Ғайса Мәсихкә инанған башҡа халыҡ кешеләренә килгәндә, беҙ уларға үҙебеҙҙең ҡарарҙы әйтеп хат яҙҙыҡ. «Ялған илаһтарға ҡорбан итеп килтерелгән ризыҡтан, ҡандан, быуып үлтерелгән хайуандың итенән һәм енси аҙғынлыҡтан тыйылығыҙ», – тинек уларға. Икенсе көндө Паулус был кешеләрҙе үҙе менән алып, улар менән бергә таҙарыныу йолаһын үтте. Шунан һуң Алла йортона инде. Унда ул таҙарыныу көндәренең ҡасан тамам буласағы һәм уларҙың һәр береһе өсөн ҡасан ҡорбан килтереләсәге хаҡында иғлан итте. Таҙарыныуҙың ете көнө үтте тигәндә Асия өлкәһенән килгән бер нисә йәһүд, Паулусты Алла йортонда күреп, уға ҡаршы бөтә халыҡты ҡотортто. Уны тотоп алып: – Исраилдар, ярҙам итегеҙ! Үҙенең өйрәтеүҙәре менән бөтөн ерҙә халҡыбыҙға, ҡанунға һәм был урынға ҡаршы ҡуйған кеше – ошо. Етмәһә, мәжүсиҙәрҙе Алла йортона алып килеп, был изге урынды мәсхәрә итте! – тип ҡысҡырҙылар. Улар бынан алда Эфес кешеһе Трофимусты ҡалала Паулус менән бергә күргәнлектән, уны Алла йортона Паулус алып ингән, тип уйлағайнылар. Бөтә ҡалала ығы-зығы ҡупты, төрлө яҡтан халыҡ йыйылды. Паулусты тотоп алып Алла йортонан һөйрәп сығарҙылар, һәм ҡапҡалар шунда уҡ бикләнде. Уны үлтерергә йыйынған мәлдә, ғәскәриҙәр башлығына бөтә Йәрүсәлимдә башланған буталыш тураһында хәбәр иттеләр. Ул, шунда уҡ ғәскәриҙәр һәм йөҙ баштарын алып, халыҡ йыйылған ергә ашыҡты. Кешеләр, башлыҡты һәм ғәскәриҙәрҙе күреп, Паулусты туҡмауҙан туҡтаны. Ғәскәриҙәр башлығы, яҡыныраҡ килеп, Паулусты ҡулға алды, уны ике сылбыр менән бығауларға әмер бирҙе. – Был кеше кем һәм ул нимә эшләне? – тип һораны ул. Халыҡ араһында берәүҙәр – бер, икенселәре икенсе нәмә ҡысҡырҙы. Ғәскәриҙәр башлығы бындай шау-шыуҙа эштең ниҙәлеген аңлай алманы, шунлыҡтан Паулусты нығытмаға алып барырға ҡушты. Улар баҫҡысҡа килеп еткәндә, халыҡ шул тиклем ҡыҫҡайны, ғәскәриҙәргә Паулусты күтәреп барырға тура килде. Халыҡ төркөмө: – Үлем уға! – тип ҡысҡыра-ҡысҡыра эйәреп барҙы. Нығытма ишектәренә яҡынлашҡас, Паулус ғәскәриҙәр башлығына: – Һиңә бер нәмә әйтергә мөмкинме? – тине. – Һин грекса беләһең икән дә баһа! – тип ғәжәпләнде теге. – Тимәк, яңыраҡ фетнә күтәреп, дүрт мең юлбаҫарҙы үҙе артынан сүлгә алып сыҡҡан Мысыр кешеһе түгелһең инде? – Мин – йәһүд, Киликия өлкәһендәге арыу уҡ танылған Тарсос ҡалаһынан. Үтенәм, халыҡҡа һөйләргә рөхсәт ит, – тине Паулус уға. Ғәскәриҙәр башлығы рөхсәт бирҙе. Паулус баҫҡыста торған килеш халыҡҡа тынысланырға ишара яһаны. Тынлыҡ урынлашҡас, Паулус йәһүд телендә һөйләй башланы. – Атайҙар һәм ағай-эне! Үҙемде яҡлап бер нисә һүҙ әйтергә рөхсәт итегеҙ, – тине Паулус. Уның үҙҙәре менән йәһүд телендә һөйләшкәнен ишетеп, халыҡ тынып ҡалды. – Мин – йәһүд, – тине Паулус. – Киликияның Тарсос ҡалаһында тыуҙым, Йәрүсәлимдә тәрбиәләндем. Хөрмәтле Ғамалиилдың шәкерте булып, атайҙар ҡанунына ентекләп өйрәтелдем. Мин дә, бөгөнгө һеҙҙең һәммәгеҙ кеүек үк, Аллаға бик ныҡ бирелгән кеше. Мин был юлдан барыусыларҙы үлемгә еткергәнгә тиклем эҙәрлекләнем, ир-атты ла, ҡатын-ҡыҙҙы ла бығаулап төрмәләргә ташлаттым. Һүҙҙәремде баш ҡаһин һәм аҡһаҡалдар кәңәшмәһе раҫлай ала. Дамаскта йәшәгән йәһүд туғандарға мин уларҙан хат алдым һәм, шул юлдан барыусыларҙы ҡулға алып, язаға тарттырыр өсөн Йәрүсәлимгә алып килергә тип, Дамаскка йүнәлгәйнем. Дамаскка етеп килгәндә, төш тирәһендә, ҡапыл күктән төшкән сағыу яҡтылыҡтан тирә-яғым балҡып китте. Мин ергә йығылдым һәм: «Шаул, Шаул! Ниңә һин Мине эҙәрлекләйһең?» – тигән тауыш ишеттем. «Һин кем, Әфәнде?» – тип һораным. «Мин – һин эҙәрләгән назаралы Ғайса», – тине Ул. Юлдаштарым яҡтылыҡты күрҙе, ләкин миңә Һөйләүсенең тауышын ишетмәне. Мин Унан: «Әфәндем, миңә нимә эшләргә?» – тип һораным. «Тор ҙа Дамаскка бар, унда һиңә тәғәйенләнгән барлыҡ эштәр тураһында әйтерҙәр», – тине миңә Раббы. Көслө яҡтылыҡтан күҙем күрмәҫ булды, шуға күрә юлдаштарым мине Дамаскка етәкләп алып барҙы. Унда йәһүдтәр араһында хөрмәтле, диндар һәм ҡанунға тоғро Һананиас исемле берәү яныма килде лә: «Шаул туған! Күҙҙәрең асылһын», – тине. Шул мәл күҙҙәрем асылды ла уны күрҙем. «Ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы Үҙ ихтыярын белергә, Хаҡ булғанды күреп, Уның тауышын ишетергә һине алдан билдәләне, – тине Һананиас. – Һин, бөтәһенә лә күргәндәреңде һәм ишеткәндәреңде һөйләп, Уның тураһында шаһитлыҡ ҡылырһың. Һуҙылма! Тор ҙа һыуға сумдырылыу йолаһын үт, Раббыға мөрәжәғәт итеп, гонаһтарыңды йыуып төшөр». Йәрүсәлимгә ҡайтып, Алла йортонда доға ҡылған ваҡытта миңә илаһи күренмеш килде һәм мин Раббыны күрҙем. Ул миңә: «Ашыҡ, Йәрүсәлимдән йәһәтерәк кит, сөнки бында Минең хаҡтағы шаһитлығыңды ҡабул итмәйәсәктәр», – тине. «Раббым! – тинем мин. – Ғибәҙәтхананан-ғибәҙәтханаға йөрөп, Һиңә инанған кешеләрҙе төрмәгә ултыртыуым һәм туҡмауым хаҡында улар белә. Һинең хаҡта шаһитлыҡ ҡылыусы Стефанустың ҡаны ҡойолған ваҡытта мин шунда инем. Мин уны үлтереүҙе хупланым, үлтереүселәрҙең кейемдәрен һаҡлап торҙом», – тип яуап бирҙем. Раббы миңә: «Бар, Мин һине алыҫҡа, башҡа халыҡтар янына ебәрәм», – тине. Ошо һүҙҙәрҙе әйткәнсе Паулусты тыңланылар, ә унан: – Был әҙәмде ер йөҙөнән юҡ итергә! Бындай кеше йәшәргә тейеш түгел! – тип ҡысҡыра башланылар. Улар аҡыра-аҡыра кейемдәрен өҫкә күтәреп болғаны, һауала туҙан туҙҙырҙы. Ғәскәриҙәр башлығы Паулусты нығытмаға алып китергә әмер бирҙе. Уға ҡаршы шул тиклем аҡырыуҙарҙың сәбәбен белер өсөн, уны ҡамсылап һорау алырға бойорҙо. Ләкин уны ҡайыштар менән бәйләгән саҡта Паулус үҙ янында торған йөҙ башынан: – Рим гражданын хөкөм итмәй тороп ҡамсыларға рөхсәт ителәме ни һеҙгә? – тип һораны. Йөҙ башы, быны ишеткәс, ғәскәриҙәр башлығына барып: – Һин нимә эшләйһең? Был бит Рим гражданы, – тине. Шунан һуң ғәскәриҙәр башлығы Паулус янына килде: – Һин ысынлап та Рим гражданымы? – Эйе, – тине Паулус. – Мин был гражданлыҡты бик күп аҡса түләп алдым, – тип яуап бирҙе ғәскәриҙәр башлығы. – Ә мин Рим гражданы булып тыуҙым, – тине Паулус. Һорау ала торған кешеләр шунда уҡ ситкәрәк китте, ә ғәскәриҙәр башлығы, Паулустың Рим гражданы икәнен белгәс, уны бәйләргә ҡушҡаны өсөн ҡурҡыуға төштө. Икенсе көндө, йәһүдтәрҙең Паулусты нимәлә ғәйепләүҙәрен аныҡ белергә теләп, ғәскәриҙәр башлығы баш ҡаһиндарға, Юғары кәңәшмә ағзаларының бөтәһенә лә йыйылырға әмер бирҙе һәм Паулусты, бығауҙарын систереп, улар алдына баҫтырҙы. Паулус Юғары кәңәшмә ағзаларына ҡарап: – Туғандар! – тине. – Бөгөнгө көнгәсә Алла ҡаршыһында саф выждан менән йәшәнем. Иң баш ҡаһин Һананиас Паулус янында тороусыларға уның ауыҙына һуғырға ҡушты. Паулус уға: – Эй һин, ағартылған диуар, һиңә Алла һуғасаҡ! Һин ҡанун буйынса мине хөкөм итергә тип ултыраһың, ә үҙең, ҡанунға ҡаршы килеп, миңә һуғырға әмер бирәһең, – тине. – Алланың иң баш ҡаһинын мыҫҡыл итергә нисек батырсылыҡ итәһең? – тинеләр уның янында тороусылар. – Мин, туғандар, уның иң баш ҡаһин икәнен белмәнем, – тине Паулус. – Изге Яҙмала: «Халҡыңдың башлығы тураһында насар һөйләмә», – тип яҙылған бит. Бындағыларҙың бер өлөшө – саддукейҙар, икенсе өлөшө фарисейҙар икәнлеген күргәндән һуң, Паулус ҡысҡырып: – Туғандар! Минең ата-бабаларым фарисей булған, үҙем дә фарисей. Мине үлеләрҙең терелеүенә өмөт бағлағаным өсөн хөкөм итәләр, – тине. Ул шулай тигәс, фарисейҙар менән саддукейҙар араһында ҡаты бәхәс ҡупты һәм йыйылыш икегә бүленде, сөнки саддукейҙар үленән терелеү ҙә, фәрештәләр ҙә, рухтар ҙа юҡ тиҙәр, ә фарисейҙар быларҙың бөтәһенә лә ышана. Шау-шыу күтәрелде, фарисейҙарҙан булған ҡайһы бер ҡанун белгестәре тороп, ҡәтғи рәүештә: – Беҙ был кешелә һис бер насарлыҡ күрмәйбеҙ. Бәлки, уға ысынлап та рух йәки фәрештә әйткәндер, – тинеләр. Ыҙғыш шул тиклемгә барып етте, ғәскәриҙәр башлығы, Паулусты өҙгөләп ташлауҙарынан ҡурҡып, ғәскәриҙәргә уны ундағы кешеләр араһынан алырға һәм нығытмаға илтергә әмер бирҙе. Киләһе төндә Паулус янына Раббы килде. – Ҡыйыу бул! Йәрүсәлимдә Минең хаҡта нисек шаһитлыҡ ҡылған булһаң, Римда ла шулай шаһитлыҡ бирергә тейешһең, – тине Раббы. Көн тыуғас, ҡайһы бер йәһүдтәр бергә йыйылып яуыз ниәт ҡорҙо һәм Паулусты үлтергәнгә тиклем ашамаҫҡа-эсмәҫкә ант итте. Ант итеүселәрҙең һаны ҡырҡтан ашыу ине. Улар баш ҡаһиндар һәм аҡһаҡалдар алдына барып: – Беҙ Паулусты үлтермәй тороп бер нәмә лә ашамаҫҡа тантаналы рәүештә ант иттек. Ә хәҙер һеҙ һәм Юғары кәңәшмә, уның хаҡындағы эште теүәлерәк тикшерергә теләйбеҙ тигән булып, ғәскәриҙәр башлығынан уны янығыҙға килтереүҙәрен һорағыҙ. Беҙ әҙер генә торорбоҙ ҙа уны бында килеп етмәҫ борон уҡ үлтерербеҙ, – тинеләр. Паулустың һеңлеһенең улы, уларҙың яуыз ниәт ҡороуҙары тураһында ишетеп, нығытмаға барып, быны Паулусҡа еткерҙе. Паулус иһә, йөҙ баштарының береһен саҡырып: – Был егетте ғәскәриҙәр башлығына алып бар, уның әйтәһе һүҙе бар, – тине. Йөҙ башы егетте ғәскәриҙәр башлығы янына алып килде: – Тотҡон Паулус мине саҡырып алды ла был егетте һинең яныңа килтереүемде һораны. Уның һиңә мөһим хәбәре бар. Ғәскәриҙәр башлығы егетте ҡулынан тотоп ситкәрәк алып китте. – Һин миңә нимә әйтергә теләйһең? – тип һораны. – Йәһүдтәр, Паулус хаҡындағы эште теүәлерәк тикшереү өсөн тигән булып, иртәгә һинән Паулусты Юғары кәңәшмә алдына килтереүегеҙҙе һорарға һүҙ ҡуйышҡандар, – тип яуап бирҙе егет. – Ләкин һин уларҙы тыңлама, сөнки Паулусты үлтергәнгә тиклем ашамаҫҡа һәм эсмәҫкә ант иткән ҡырҡтан ашыу кеше уны һағалап тора. Улар инде Паулусты үлтерергә әҙер, һеҙҙең һүҙегеҙҙе генә көтәләр. Шунан һуң ғәскәриҙәр башлығы: – Быны миңә һөйләүең тураһында бер кемгә лә әйтмә, – тип егетте ҡайтарып ебәрҙе. Ғәскәриҙәр башлығы ике йөҙ башын саҡырып алды. Уларға: – Киске сәғәт туғыҙҙа Ҡайсареяға барырға ике йөҙ йәйәүле, етмеш һыбайлы һәм ике йөҙ уҡсы ғәскәр әҙерләгеҙ. Паулусҡа ла аттар әҙер булһын. Уны өлкә идарасыһы Феликс янына хәүеф-хәтәрһеҙ алып барып еткерегеҙ, – тине һәм ошондай йөкмәткеле хат яҙҙы: «Клаудиус Лусиастан мөхтәрәм идарасы Феликсҡа сәләм! Йәһүдтәр, был кешене тотоп, үлтерергә йыйына ине. Әммә мин, уның Рим гражданы икәнен белгәс, ғәскәриҙәр менән барып ҡотҡарып алып ҡалдым. Аҙаҡ, уны ни өсөн ғәйепләүҙәрен белергә теләп, ул кешене йәһүдтәрҙең Юғары кәңәшмәһенә алып барҙым һәм ғәйепләүҙең йәһүдтәр ҡанунындағы бәхәсле мәсьәләләргә ҡағылышлы икәнлеген белдем. Әммә уны үлемгә йәки төрмәгә ябырлыҡ ғәйеп табып булманы. Был кешегә ҡарата ҡорған яуыз ниәт тураһында ишеткәс, мин уны тиҙ арала һиңә ебәрҙем, ғәйепләүселәргә һинең алда уға ҡаршы фекерҙәрен әйтергә әмер бирҙем». Шулай итеп, ғәскәриҙәр, үҙҙәренә бирелгән әмерҙе үтәп, төндә Паулусты Антипатрисҡа алып китте. Ә икенсе көндө, Паулусты атлы ғәскәриҙәргә тапшырып, нығытмаға кире ҡайттылар. Ҡайсареяға барып еткәс, ғәскәриҙәр идарасыға хатты биреп, Паулусты уның ҡарамағына тапшырҙы. Идарасы хатты уҡып сыҡҡас, Паулустың ҡайһы өлкәнән булыуын һораны. Киликиянан икәнен белгәс, был эште ғәйепләүселәр килгәс кенә тыңлаясағын әйтте. Ә Паулусты Һируд һарайы төрмәһендә һаҡ аҫтында тоторға ҡушты. Биш көндән, идарасы алдында Паулусҡа ҡаршы ғәйеп ташлау өсөн, иң баш ҡаһин Һананиас аҡһаҡалдар һәм хоҡуҡ белгесе Тертуллос исемле кеше менән бергә Ҡайсареяға килде. Паулусты саҡыртып алғас, Тертуллос ғәйепләү һүҙҙәрен башланы: – Мөхтәрәм Феликс! Һинең етәкселегең аҫтында оҙаҡ ваҡыт тыныслыҡта йәшәүебеҙҙе һәм һин ҡайғыртҡанға күрә был халыҡтың хәле яҡшы яҡҡа үҙгәреүен һәр ваҡыт һәм һәр ерҙә күп рәхмәттәр менән таныйбыҙ, – тине ул. – Һине оҙаҡ мәшәҡәтләмәҫ өсөн, беҙҙең ҡыҫҡа ғына үтенесебеҙҙе ихлас тыңлауыңды үтенәм. Беҙ был кешене «йоғошло сир» тип таптыҡ. Ул Назара төркөмөнөң башлығы һәм бөтә донъяла йәшәүсе йәһүдтәр араһында боларыш ҡуптара. Йәһүдтәр: – Эйе, шулай, – тип уның һүҙен раҫлап торҙо. Идарасы, һөйләргә мөмкин тип, Паулусҡа ишара яһаны. – Һинең был халыҡ өҫтөнән күп йылдар хөкөмдар булыуыңды беләм, шуға күрә һинең алдыңда үҙемде яҡлап һүҙ әйтә алыуыма шатмын, – тине Паулус. – Аллаға табыныу өсөн Йәрүсәлимгә килгәнемә ун ике көндән дә артыҡ түгеллеген еңел тикшерә алаһың. Минең Алла йортонда берәйһе менән бәхәсләшкәнемде йәки ғибәҙәтханаларҙа йә ҡалала халыҡ араһында фетнә таратҡанымды уларҙың күргәне юҡ. Үҙҙәре хәҙер миңә ташлаған ғәйептәрен дә иҫбат итә алмайҙар. Әммә һинең алда шуны таныйым: улар Ғайсаның юлын ялған тәғлимәтле төркөм тип кенә әйтә, мин иһә Ғайсаның юлынан барып, аталарым Аллаһына хеҙмәт итәм, ҡанунға һәм пәйғәмбәрҙәр тарафынан яҙылғандарҙың бөтөнөһөнә ышанам. Тәҡүә кешеләр ҙә, тәҡүә булмағандар ҙа үленән тереләсәк тип, улар кеүек үк мин дә Аллаға өмөт бағлайым. Шуға күрә һәр ваҡыт Алла алдында һәм кешеләр ҡаршыһында саф выждан менән йәшәргә тырышам. Бер нисә йылдан һуң, үҙ халҡыма хәйер-саҙаҡа биреү һәм Аллаға ҡорбан килтерер өсөн, Йәрүсәлимгә ҡайттым. Алла йортонда таҙарыныу йолаһын үтеп, шул эштәрҙе башҡарған саҡта минең яныма халыҡ та йыйылмағайны, үҙем дә бер кемде лә борсоманым. Әммә миңә Асия өлкәһенән бер нисә йәһүд килде. Ғәйепләрлек берәй сәбәптәре булһа, улар һинең ҡаршыңа барып баҫырға һәм мине ғәйепләргә тейеш ине. Йәки, Юғары кәңәшмә алдында торған сағымда, миндә ниндәй яуызлыҡ табыуҙары хаҡында бындағы кешеләр үҙҙәре әйтһен. Бәлки мин унда: «Бөгөн мин үленән терелеү мәсьәләһенә күрә алдығыҙҙа хөкөмдә торам», – тип ҡысҡырып әйткәнем өсөн ғәйеплемендер? – тине Паулус. Раббының юлы хаҡында ярайһы уҡ яҡшы белгән Феликс: – Һеҙҙең эшегеҙ тураһында ғәскәриҙәр башлығы Лусиас килгәс ҡарар ҡылырмын, – тип тикшереү эшен кисектерҙе. Ә йөҙ башына Паулусты һаҡ аҫтында тоторға, ләкин дуҫтарының уға хеҙмәт күрһәтеүенә ҡамасауламаҫҡа, тигән әмер бирҙе. Бер нисә көндән Феликс үҙенең йәһүд ҡатыны Друсилла менән килде һәм Паулусты саҡыртып алды. Ул Паулустың Ғайса Мәсихкә инаныуы тураһында һөйләгәнен тыңланы. Паулус тәҡүә булыу, нәфсене тыйыу һәм буласаҡ хөкөм хаҡында һөйләгәндә, Феликс ҡурҡыуға төштө. – Хәҙергә етте, уңайы сыҡҡанда һине саҡырырмын, – тине ул. Шул уҡ ваҡытта Паулус уға аҡса бирер тип өмөт итте. Шунлыҡтан уны йыш ҡына саҡыртып, уның менән әңгәмә ҡороп ултырҙы. Әммә ике йылдан Феликс урынына Поркиос Фестус килде. Әммә Феликс, йәһүдтәргә ярарға тырышып, Паулусты тотҡонлоҡта ҡалдырҙы. Өлкәгә килеп өс көн торғандан һуң, Фестус Ҡайсареянан Йәрүсәлимгә китте. Унда баш ҡаһиндар һәм йәһүд башлыҡтары, уның янына килеп, Паулусты ғәйепләне. Улар Фестустан, мәрхәмәт күрһәтеп, Паулусты Йәрүсәлимгә күсереүен һоранылар. Ә үҙҙәре уны юлда үлтерергә һүҙ ҡуйышты. Ләкин Фестус: – Паулус Ҡайсареяла һаҡ аҫтында ултыра. Тиҙҙән мин дә шунда барам. Әгәр уның берәй ғәйебе булһа, етәкселәрегеҙ минең менән барһын һәм был турала әйтһен, – тине. Йәрүсәлимдә аҙна-ун көн булғандан һуң Фестус Ҡайсареяға ҡайтты. Икенсе көндө үк ул хөкөм итеү урынына ултырҙы һәм Паулусты алып инергә ҡушты. Паулус күренгәс, Йәрүсәлимдән килгән йәһүдтәр уны уратып алды һәм күп төрлө етди енәйәттәрҙә ғәйепләй башланы. Ләкин ташлаған ғәйептәрен иҫбат итә алманылар. – Мин йәһүдтәр ҡанунына ла, Алла йортона ла, ҡайсарға ҡаршы ла һис ниндәй яманлыҡ ҡылманым, – тине Паулус үҙен яҡлап. Фестус, йәһүдтәргә ярарға теләп, Паулустан: – Йәрүсәлимгә барырға һәм үҙеңә ҡаршы ташланған ғәйепләүҙәрҙе тикшереү өсөн минең хөкөмөм алдына баҫырға ризаһыңмы? – тип һораны. – Мин ҡайсар хөкөмө алдында торам һәм эшем шунда ҡаралырға тейеш. Үҙең дә белеп тораһың, мин йәһүдтәргә бер насарлыҡ та ҡылманым. Әгәр ҙә нимәнелер дөрөҫ эшләмәйенсә үлемгә хөкөм итерлек эш ҡылғанмын икән, үлемдән баш тартмайым. Ә инде улар миңә ташлаған ғәйепләүҙәр ялған икән, бер кем дә мине уларҙың ҡулына тотоп бирә алмай. Мин ҡайсарға мөрәжәғәт итергә теләйем, – тине Паулус. Фестус, кәңәшселәре менән һөйләшеп алғас: – Һин ҡайсарға мөрәжәғәт итергә теләнең, шуның өсөн ҡайсар янына барырһың, – тине. Бер нисә көндән, Фестустың хәлен белергә тип, Ҡайсареяға Агриппас батша менән Берника килде. Улар бында байтаҡ ҡына торғанлыҡтан, Фестус батшаға Паулустың эшен тыңларға тәҡдим итте: – Бында Феликс тотҡонлоҡта ҡалдырған бер кеше бар. Мин Йәрүсәлимдә булған саҡта йәһүдтәрҙең баш ҡаһиндары һәм аҡһаҡалдары, уны ғәйепләп, хөкөм итеүҙе талап итте. Мин уларға, римлыларҙа ғәйепләнеүсе ғәйепләүсе менән осрашмайынса һәм ғәйепләүгә ҡаршы үҙен яҡлай алыу мөмкинлеге булмайынса, кешене язаға тарттырыу ғәҙәте юҡлығы тураһында әйттем. Улар минең менән бында килгәс, икенсе көнөнә үк хөкөм итеү урынына ултырҙым һәм ул кешене алып килергә ҡуштым. Паулусты уратып алған ғәйепләүселәр уны мин күҙаллаған енәйәттәрҙең береһендә лә ғәйепләмәне. Улар үҙҙәренең диндәренә ҡағылышлы мәсьәләләр тураһында, Паулус тере тип раҫлаған ниндәйҙер үлгән Ғайса хаҡында бәхәсләште. Был мәсьәләне нисек тикшерергә белмәй ҡыйынһынып, Йәрүсәлимгә барырға һәм был эш буйынса шунда хөкөм алдына баҫырға теләмәйһеңме, тип һораным. Әммә Паулус ғали йәнәп ҡайсар ҡарарын һораны һәм һаҡ аҫтында ҡалырға теләне. Мин уны ҡайсар янына ебәрелгәнсе һаҡ аҫтында тоторға ҡуштым, – тине Фестус. Агриппас Фестусҡа: – Ул кешене мин дә тыңларға теләр инем, – тине. – Иртәгә һин уны тыңларһың, – тип яуапланы Фестус. Икенсе көндө Агриппас һәм Берника хәрби етәкселәр һәм ҡаланың иң күренекле кешеләре менән бергә тантаналы рәүештә ултырыштар залына ингәс, Фестустың әмере буйынса Паулусты алып килделәр. – Агриппас батша һәм бында ултырыусылар! – тине Фестус. – Йәрүсәлимдә лә, бында, Ҡайсареяла ла күп йәһүдтәр алдығыҙҙа торған кешегә зарланды. Ул йәшәргә тейеш түгел, тип ҡысҡырҙы улар. Мин уның үлемгә хөкөм итерлек бер ғәйебен дә күрмәйем, әммә, ул үҙе ғали йәнәптәренең хөкөм итеүен һорағанлыҡтан, уны ҡайсарға ебәрергә булдым. Ләкин уның хаҡында императорға нимә яҙырға ла белмәйем. Шуға күрә, тикшергәндән һуң яҙырлыҡ берәй нәмә булһын ине тип, мин уны һеҙҙең алдығыҙға, бигерәк тә, Агриппас батша, һинең ҡаршыңа килтерҙем. Тотҡондоң ниндәй эштә ғәйепләнеүен күрһәтмәй тороп, уны ҡайсар янына ебәреү, минеңсә, уйламайынса ҡылған эш буласаҡ. Агриппас Паулусҡа: – Һиңә үҙеңде яҡлап һөйләргә рөхсәт ителә, – тине. Шунан һуң Паулус ҡулын күтәрҙе лә үҙен яҡлап һөйләй башланы: – Агриппас батша! Бөгөн һинең алдыңда йәһүдтәрҙең бөтә ғәйепләүҙәренән үҙемде яҡлай алыуыма бәхетлемен. Һин йәһүдтәрҙең барлыҡ йолаларын һәм бәхәсле мәсьәләләрен яҡшы беләһең. Шуға күрә мине сабыр ғына тыңлауыңды үтенәм. Минең йәштән үҙ халҡым араһында нисек йәшәүем һәм Йәрүсәлимдәге тормошом бөтә йәһүдтәргә тәүҙән үк мәғлүм. Улар мине күптән белә һәм, теләһәләр, минең фарисейҙар төркөмөндә булғанлығым – динебеҙҙең иң талапсан тәғлимәтен тотоуым хаҡында шаһитлыҡ бирә алалар. Хәҙер мин Алла тарафынан аталарыбыҙға бирелгән вәғәҙәнең үтәлеүен өмөт итеүем өсөн хөкөм алдында торам. Беҙҙең ун ике ырыу, ул вәғәҙәнең тормошҡа ашыуына өмөт бағлап, көнө-төнө Аллаға тырышып хеҙмәт итә. Агриппас батша, йәһүдтәр мине шул өмөт өсөн ғәйепләй ҙә инде. Ни өсөн һеҙ Алла үлеләрҙе терелтә алмай, тип уйлайһығыҙ? Дөрөҫ, мин үҙем дә назаралы Ғайсаның исеменә ҡаршы мөмкин булғандың барыһын да эшләргә кәрәк, тип уйлай торғайным. Йәрүсәлимдә шуның менән шөғөлләндем дә: баш ҡаһиндарҙан вәкәләт алып, Ғайсаға эйәргән күптәрҙе төрмәгә яптырҙым, башҡалар уларҙы үлемгә хөкөм иткәндә ризалығымды белдерҙем. Ғибәҙәтхананан ғибәҙәтханаға йөрөп, йыш ҡына Ғайсаға булған имандарынан баш тартырға мәжбүр итеп, язаланым. Асыуым бик көслө булғанлыҡтан, ундайҙарҙы хатта сит ҡалаларҙа ла эҙәрлекләнем. Тағы шундай маҡсат ҡуйып, баш ҡаһиндар тапшырған эш буйынса һәм уларҙың вәкәләте менән Дамаскка китеп барғанда, көн уртаһындараҡ, эй батша, күктән төшкән көслө яҡтылыҡ күрҙем. Ҡояштан да сағыуыраҡ ул ут минең һәм юлдаштарымдың тирә-яғын яҡтыртты. Беҙ бөтәбеҙ ҙә ергә йығылдыҡ һәм мин бер тауыш ишеттем. Ул тауыш миңә йәһүд телендә: «Шаул, Шаул! Ниңә һин Мине эҙәрлекләйһең? Осло таяҡҡа ҡаршы торһаң, үҙеңә зыян килтерерһең», – тине. «Һин кем, Әфәнде?» – тип һораным. Ул миңә былай тине: «Мин – һин эҙәрләгән Ғайса. Тор, аяҡтарыңа баҫ! Мин һине хеҙмәтсем итеп ҡуйырға, шулай уҡ әле күргәндәреңдең һәм Мин тағы ла күрһәтәсәк нәмәләрҙең шаһиты итеп билдәләргә тип, һиңә күрендем. Шунлыҡтан, Агриппас батша, мин күктән килгән күренмешкә буйһондом һәм тәүҙә Дамаск һәм Йәрүсәлим кешеләренә, унан бөтә Йәһүҙиә ерендә йәшәүселәргә һәм йәһүд булмаған башҡа халыҡтарға вәғәз һөйләнем. Мин уларҙы тәүбә итеп Аллаға табан боролорға, тәүбәгә килеүҙәрен күрһәтә торған лайыҡлы эштәр ҡылырға саҡырҙым. Алла йортонда йәһүдтәр бына шуның өсөн мине тотоп алды һәм үлтерергә тырышты. Ләкин Алланың ярҙамы менән мин бөгөнгө көнгәсә ныҡ торам, олоһонан кесеһенәсә шаһитлыҡ бирәм. Мин пәйғәмбәрҙәр һәм Муса, киләсәктә буласаҡ, тип алдан әйткән хәлдәрҙән тыш бер нәмә лә һөйләмәйем. Ә улар Мәсихтең ғазап сигергә тейешлеген һәм үленән беренсе булып тереләсәген, йәһүдтәрҙе һәм башҡа халыҡтарҙы яҡтыртыр тигән хәбәрҙе иғлан итәсәген әйткәйнеләр, – тине Паулус. Ул шулай тип үҙен яҡлағанда, Фестус яман ҡысҡырып: – Һин, Паулус, аҡылдан шашҡанһың! Күп белеүең һине аҡылдан яҙҙыра, – тип уны бүлдерҙе. – Мөхтәрәм Фестус, – тине Паулус. – Мин аҡылдан шашманым, мин айыҡ аҡыл менән хәҡиҡәт һүҙҙәре һөйләйем. Батшаға былар тураһында билдәле һәм мин уның алдында ҡыйыулыҡ менән бәйән итә алам. Был эштәрҙең батшаның иғтибарынан ситтә ҡалмағанлығына шигем юҡ, сөнки уларҙың береһе лә йәшерен эшләнмәне. Агриппас батша, пәйғәмбәрҙәргә ышанаһыңмы? Беләм, ышанаһың. Агриппас: – Һин мине шулай тиҙ генә мәсихсе итергә мөмкин тип уйлайһыңмы? – тине. – Тиҙ генәме, юҡмы, – тине Паулус, – һинең генә түгел, ә бөгөн мине тыңлаусыларҙың бөтәһенең дә минең кеүек булыуҙарын Алланан үтенеп һорайым. Әлбиттә, был бығауҙарҙан тыш. Батша торғас, идарасы, Берника һәм улар менән бергә ултырыусылар урындарынан ҡалҡынды. Ситкәрәк китеп: – Был кеше үлемгә йәки тотҡонлоҡҡа хөкөм итерлек бер нәмә лә эшләмәгән, – тип һөйләштеләр. Агриппас Фестусҡа: – Ҡайсарҙың хөкөм итеүен һорамаһа, был кешене азат итергә мөмкин булыр ине, – тине. Беҙҙе Италияға оҙатырға ҡарар ҡылынғас, Паулусты һәм тағы бер нисә тотҡондо император полкының Йүлиос атлы йөҙ башына тапшырҙылар. Беҙ Асия өлкәһе ярҙары буйлап бара торған, Адрамиттан килгән карапҡа ултырып йөҙөп киттек. Беҙҙең менән Тессалонике ҡалаһында йәшәүсе македон Аристархос та бар ине. Икенсе көндө Сидон ҡалаһына килеп еттек. Йүлиос, кешелеклелек күрһәтеп, Паулусҡа дуҫтары янына барырға һәм уларҙан кәрәге тейерҙәй әйберҙәр алырға рөхсәт итте. Сидондан беҙ тағы диңгеҙгә сыҡтыҡ һәм, ел ҡаршы булғанлыҡтан, Кипрҙың елдән ышыҡ яғынан йөҙөп үттек. Киликия һәм Памфулия янынан асыҡ диңгеҙгә сыҡтыҡ һәм Лукия өлкәһендәге Мура ҡалаһына барып еттек. Мурала йөҙ башы Искәндәриәнән килгән, Италияға йүнәлеш алған бер карап табып, беҙҙе шунда ултыртты. Беҙ, әллә нисә көн буйы әкрен генә йөҙгәндән һуң, ауырлыҡ менән Книдос ҡалаһы тапҡырына килеп еттек. Көслө ел кәрәкле йүнәлештә йөҙөргә ҡамасаулай ине, шуға Салмоне моронон уҙып, Криттың елдән ышыҡ яғына йүнәлдек. Ҡыйынлыҡ менән яр буйлап йөҙөп, Яҡшы гавандәр тигән урынға килдек. Унан йыраҡ түгел ерҙә Ласая ҡалаһы урынлашҡайны. Байтаҡ ваҡыт үтте. Ураҙа көнө лә уҙып китте һәм, диңгеҙ буйлап юлды дауам итеү хәүефле булғанлыҡтан, Паулус шундай кәңәш бирҙе: – Дуҫтар! Сәйәхәтебеҙҙең йөк һәм карап өсөн генә түгел, үҙебеҙ өсөн дә ҡурҡыныс буласағын һәм ҙур зыян килтерәсәген күрәм. Ләкин йөҙ башы Паулустың кәңәшенә ҡарағанда ҡойроҡ тотоусының һәм карап хужаһының һүҙенә күберәк ҡолаҡ һалды. Гавань ҡыш сығырға яраҡлы булмағанлыҡтан, диңгеҙселәрҙең күбеһе унан китергә һәм, мөмкин булһа, Криттың көньяҡ-көнбайышы ла, төньяҡ-көнбайыш яғы ла елдән һаҡланыулы Фойникс гаваненә барып, шунда ҡышларға ҡарар ҡылды. Көньяҡ еле иҫә башлағас, улар, инде теләгебеҙгә өлгәштек тип уйлап, якорь күтәрҙе, һәм беҙ Крит ярын яғалап йөҙөп киттек. Әммә күп тә үтмәне, Эвракилон тип аталған дауыллы төньяҡ-көнбайыш еле ҡупты. Ул ҡаршы тора алмаған карапты эләктереп алды ла тулҡындар ыңғайына йөҙҙөрөп алып китте. Кауда тигән кескәй генә утрауҙың елдән ышыҡ яғына килеп сығып, ҡыйынлыҡ менән карап кәмәһен һаҡлап ҡала алдыҡ. Уны палубаға күтәргәс, арҡандарҙы карап аҫтынан үткәреп, карапты бәйләп ҡуйҙылар. Суртис тип аталған һай ергә ултырыуҙан ҡурҡып, елкәнде төшөрҙөләр һәм шул хәлдә диңгеҙ буйлап йөҙөп йөрөнөк. Һаман көслө дауыл булғанлыҡтан, икенсе көндө йөктәрҙе диңгеҙгә ташлай башланылар. Ә өсөнсө көндө үҙ ҡулдары менән диңгеҙгә карап кәрәк-яраҡтарын ырғыттылар. Әллә нисә көндәр буйына ҡояш та, йондоҙҙар ҙа күренмәне, ә дауыл ҡотороуын дауам итте. Ҡотолоуға бөтә өмөтөбөҙҙө юғалттыҡ. Караптағы кешеләр байтаҡтан бирле бер ни ҙә ашамағайны. Паулус улар араһына тороп баҫып: – Дуҫтар! Минең кәңәшемде тотоп, Криттан ҡуҙғалмаҫҡа кәрәк ине, ул ваҡытта был ҡыйынлыҡтар ҙа, юғалтыуҙар ҙа тыумаҫ ине. Ә хәҙер, зинһар, күңелегеҙҙе төшөрмәгеҙ! Берегеҙ ҙә һәләк булмаясаҡ, карапты ғына юғалтасаҡһығыҙ, – тине. – Уҙған төндә миңә үҙем инанып хеҙмәт иткән Алланың бер фәрештәһе күренде. Ул: «Ҡурҡма, Паулус! Һин ҡайсар алдына баҫырға тейешһең. Һинең менән булған кешеләрҙең бөтәһенә лә Алла тормош бүләк итә», – тине. Бына шуға ла, дуҫтар, күңелегеҙҙе төшөрмәгеҙ. Мин Аллаға инанам, барыһы ла Ул миңә әйткәнсә буласаҡ. Беҙ мотлаҡ ниндәй ҙә булһа утрауға барып сығасаҡбыҙ. Адриатик диңгеҙҙә йөҙөп йөрөгәндә, ун дүртенсе төндөң урталары еткәс, диңгеҙселәр ҡоро ергә яҡынлашыуыбыҙҙы һиҙә башланы. Тәрәнлекте үлсәп ҡарағайнылар, егерме сажин булып сыҡты, ә арыраҡта ун биш сажин самаһы ине. Ташлы урынға барып бәрелеүҙән ҡурҡып, караптың ҡойроҡ яғынан дүрт якорь төшөрҙөләр һәм тиҙерәк көн тыуыуын теләп, доға ҡылдылар. Диңгеҙселәр, морон тарафынан якорь төшөрәбеҙ тигән булып, диңгеҙгә кәмә төшөрә башланы, ысынында улар караптан ҡасырға уйлай ине. Паулус йөҙ башына һәм ғәскәриҙәргә: – Был кешеләр карапта ҡалмаһа, ҡотола алмаясаҡһығыҙ, – тине. Шунан һуң ғәскәриҙәр кәмә бауҙарын сабып өҙҙө, кәмә һыуға төшөп китте. Көн тыуыр алдынан Паулус ашап алырға ҡыҫтай башланы. – Һеҙ бөгөн ун дүртенсе көн инде көсөргәнешле хәлдәһегеҙ, тәғәм ризыҡ ҡапҡанығыҙ юҡ. Шуға күрә үтенәм, ашап алығыҙ, был ғүмерегеҙҙе һаҡлап ҡалырға ла ярҙам итер. Берегеҙҙең дә башынан бер генә бөртөк тә сәсе төшмәҫ, – тине ул. Шулай тигәс, Паулус, икмәкте ҡулына алып, барыһы алдында Аллаға шөкөрана ҡылды ла һындырып ашай башланы. Был кешеләрҙең күңелен күтәреп ебәрҙе, һәм улар ҙа ашарға ултырҙы. Беҙ карапта бөтәһе ике йөҙ етмеш алты йән инек. Ашап туйғас, карапты еңеләйтеү өсөн, диңгеҙселәр бойҙайҙы диңгеҙгә ташланы. Көн тыуғас, диңгеҙселәр алдарындағы ерҙе таныманы, ләкин унда һөҙәк ярлы ниндәйҙер ҡултыҡ күрҙеләр һәм, булдырып булһа, карапты тап шул яр буйына йүнәлтергә ниәтләнеләр. Якорҙарҙы сабып өҙҙөләр, караптың ҡойроғонда урынлашҡан бороу ишкәктәрен ысҡындырҙылар һәм алғы елкәнде ел ыңғайына көйләнеләр. Карап ярға табан юл алды, ләкин ҡомға барып ултырҙы. Караптың мороно ҡуҙғатмаҫлыҡ булып батты, ә ҡойроҡ өлөшө тулҡын көсөнән емерелә башланы. Ғәскәриҙәр, береһе лә йөҙөп ҡасып китмәһен тип, тотҡондарҙың бөтәһен дә үлтерергә ниәтләне. Әммә йөҙ башы, Паулусты ҡотҡарып ҡалырға теләп, уларҙы туҡтатты. Ул йөҙә белгәндәргә беренсе булып һыуға ырғырға һәм ярға сығырға ҡушты. Ҡалғандар таҡталарға йә карап киҫәктәренә тотоноп йөҙөп сығырға тейеш ине. Шулай итеп, барыһы ла иҫән-аман ергә сыҡты. Ҡотолғас, утрауҙың Мальта тип аталыуын белдек. Утрау кешеләре беҙгә ғәҙәттән тыш ҡунаҡсыллыҡ күрһәтте. Ямғыр яуа башлап, һалҡын булғанлыҡтан, улар усаҡ яғып ебәрҙе һәм бөтәбеҙҙе лә усаҡ янына саҡырҙылар. Паулус үҙе йыйып килтергән бер ҡосаҡ сыбыҡ-сабыҡты усаҡҡа ташлап торғанда, уттан атылып сыҡҡан зәһәрле йылан уның ҡулына йәбеште. Утрау кешеләре, уның ҡулында аҫылынып торған йыланды күреп, бер-береһенә: – Был әҙәм – һис шикһеҙ кеше үлтереүсе. Диңгеҙҙән ҡотолһа ла, ғәҙеллек алиһәһе уны иҫән ҡалдырманы, – тиештеләр. Әммә Паулус йыланды утҡа һелкеп төшөрҙө һәм әҙ генә лә йәрәхәтләнмәне. Кешеләр, ул шешенә башлар йәки кинәт йығылып үлер, тип көттө. Ләкин оҙаҡ ҡына көткәндән һуң, уға һис ниндәй зарар теймәгәнен күреп, фекерҙәрен үҙгәрттеләр: – Ул – ниндәйҙер бер илаһ. Шул урындан йыраҡ түгел ерҙә утрау башлығы Поплиостың хужалығы урынлашҡайны. Ул беҙҙе үҙ өйөнә саҡырҙы һәм өс көн буйы дуҫтарса ҡунаҡ итте. Поплиостың атаһы биҙгәк һәм эс ауырыуынан яфаланып ята ине. Паулус инеп доға ҡылды ла, башына ҡулдарын ҡуйып, уны һауыҡтырҙы. Был хәлдән һуң утрауҙағы бүтән ауырыуҙар ҙа Паулус янына килде, улар ҙа һауыҡтырылды. Утрауҙа йәшәгән кешеләр беҙгә күп хөрмәт күрһәтте, ә китергә йыйынғас, кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итте. Мальта утрауында өс ай торғас, Искәндәриә ҡалаһынан килеп, ошо утрауҙа ҡышлаған Күк игеҙәктәре исемендәге карапҡа ултырып юлға сыҡтыҡ. Сүрәкүсәй ҡалаһына еткәс, унда өс көн булдыҡ. Унан, яр яғалап йөҙөп, Регион ҡалаһына килдек. Икенсе көндө ел ыңғайына Потиолой ҡалаһына еттек. Ул ҡалала имандаштарыбыҙҙы осраттыҡ, улар беҙҙең бер аҙнаға үҙҙәре янында ҡалыуыбыҙҙы үтенде. Шулай итеп беҙ Римға килеп еттек. Ундағы имандаштар, беҙҙең хаҡта ишетеп, Аппиос баҙар майҙанына һәм Өс ҡунаҡхана ҡасабаһына тиклем етеп, беҙҙе ҡаршы алырға сыҡҡайны. Уларҙы күргәс, Паулус Аллаға шөкөрана ҡылды, уның күңеле күтәрелде. Рим ҡалаһында Паулусҡа һаҡ аҫтында айырым йәшәргә рөхсәт ителде. Римға килеп өс көн торғандан һуң, Паулус йәһүд башлыҡтарын йыйып алды. Улар килгәс: – Туғандар! Үҙ халҡыбыҙға йәки аталарыбыҙҙың йолаларына ҡаршы һис бер нәмә эшләмәһәм дә, мин Йәрүсәлимдә тотҡон булдым һәм римлылар ҡулына тапшырылдым, – тине. – Улар, эшемде тикшергәс, үлемгә хөкөм итерлек бер ниндәй ҙә ғәйебем булмағанлыҡтан, азат итергә теләгәйне. Әммә, йәһүдтәр быға ҡаршы килгәс, мин ҡайсарға мөрәжәғәт итергә мәжбүр булдым, ләкин үҙ халҡымды нимәләлер ғәйепләү маҡсаты менән түгел. Шуға мин һеҙҙе осрашып һөйләшергә саҡырҙым. Мин бит бына был сынйырҙарҙы Исраил бағлаған өмөт хаҡына йөрөтәм, – тине Паулус. – Беҙ, – тине йәһүд башлыҡтары, – Йәһүҙиәнән һинең хаҡта хаттар ҙа алманыҡ, унан килгән имандаштарыбыҙ ҙа һинең хаҡта бер ни хәбәр итмәне, насар бер нәмә лә һөйләмәне. Хәйер, беҙ һинең фекерҙәреңде үҙеңдән ишетергә теләр инек, беҙгә билдәле булғанса, һәр ерҙә был төркөмгә ҡаршы һөйләйҙәр. Улар осрашырға килеште, һәм билдәләнгән көндө Паулус туҡталған өйҙә тәүҙәгенән дә күберәк кеше йыйылды. Ул иртәнән кискә тиклем Алла Батшалығы хаҡында аңлатты, Ғайса тураһында Муса ҡанунынан һәм пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларынан дәлилдәр килтереп, уларҙы ышандырырға тырышты. Ҡайһы берҙәре уның һүҙҙәренә ышанды, ҡайһылары иһә ышанманы һәм үҙ-ара килешә алмайынса таралыша башланы. Паулус уларға былай тине: – Изге Рух һеҙҙең аталарығыҙға Ишағыяһ пәйғәмбәр аша бына ниндәй дөрөҫ һүҙҙәр әйткән: «Был халыҡ янына бар ҙа әйт: Тыңлап-тыңлап та, аңламаҫһығыҙ, ҡарап-ҡарап та, күрмәҫһегеҙ. Сөнки был халыҡтың йөрәген май баҫҡан. Ҡолаҡтары көскә ишетә, улар күҙҙәрен дә йомған. Күҙҙәре менән бер ни ҙә күрергә, ҡолаҡтары менән бер ни ҙә ишетергә, йөрәктәре менән бер ни ҙә аңларға теләмәйҙәр. Шулай булмаһа, Миңә табан боролорҙар – Мин уларҙы һауыҡтырыр инем». Ә Паулус үҙе түләп торған өйҙә ике йыл буйы йәшәне һәм янына килеүселәрҙең барыһын да ҡабул итте. Ул ҡыйыу рәүештә һәм ҡаршылыҡ күрмәйенсә Алла Батшалығы тураһында һөйләне һәм Раббы Ғайса Мәсих хаҡында өйрәтте. Ғайса Мәсихтең ҡоло, Уның илсеһе булырға саҡырылған, Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен вәғәзләргә һайлап алынған Паулустан сәләм. Үҙенең пәйғәмбәрҙәре аша Алла Изге Яҙмаларҙа алдан уҡ вәғәҙә иткән Һөйөнөслө Хәбәрҙә Барлыҡ халыҡтар Уның исеме хаҡына Аллаға ышанһындар һәм буйһонһындар тип, беҙ Ғайса Мәсих аша мәрхәмәт алдыҡ һәм Уның илсеһе булдыҡ. Ғайса Мәсихтеке булырға саҡырылғандар иҫәбендә һеҙ ҙә бар. Рим ҡалаһында йәшәгән һәм Алланың изге халҡы булырға саҡырылған бөтә һөйөклөләренә Атабыҙ Алланан һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтән мәрхәмәт һәм именлек булһын. Иң элек Ғайса Мәсих аша һәммәгеҙ өсөн Аллама рәхмәттәр уҡыйым, сөнки иманығыҙ тураһында бөтә донъяла һөйләйҙәр. Улы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе бәйән итеп, Уға бөтә рухым менән хеҙмәт иткән Алла шаһит: һеҙҙе һәр ваҡыт иҫкә алам һәм, эргәгеҙгә барып сығырға Алла ихтыяр итһә ине тип, доғаларымда гел һорайым. Имандаштар, мин был хаҡта белеүегеҙҙе теләйем: башҡа халыҡтар араһындағы һымаҡ һеҙҙең арағыҙҙа ла хеҙмәтемдең уңышын йыйыр өсөн, янығыҙға күп тапҡырҙар барырға ниәтләнем, әммә әлегәсә тотҡарлыҡтарға осрап торҙом. Мин мәҙәниәтлеләр һәм мәҙәниәтһеҙҙәр, белемлеләр һәм наҙандар алдында берҙәй үк бурыслымын. Шуға күрә һеҙгә, Рим ҡалаһында йәшәүселәргә лә, Һөйөнөслө Хәбәрҙе бәйән итергә атлығам. Һөйөнөслө Хәбәрҙән оялмайым, сөнки ул – уға ышанғандарҙың барыһына ла – иң элек йәһүдкә, унан һуң йәһүд булмағанға ла – ҡотҡарыу алып килгән Алла ҡөҙрәте. Һөйөнөслө Хәбәрҙә Алланың кешеләрҙе иман һәм бары тик иман аша ғына аҡлауы асыла. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Тәҡүә кеше иманы арҡаһында йәшәр». Яманлыҡ ҡылып хәҡиҡәткә ҡаршы торорға теләгән кешеләрҙең һәр төрлө хаҡһыҙлығына һәм яуызлығына Алла күктән асыуын күрһәтә бара. Алла хаҡында белергә мөмкин булғандың һәммәһе уларға билдәле, сөнки Алла уны уларға Үҙе асып бирҙе. Уның күренмәгән сифаттары – мәңгелек ҡеүәте һәм илаһилығы – донъя яратылғандан алып Ул бар иткән нәмәләр аша асыҡ аңлашыла һәм күренә. Шулай булғас, ул кешеләрҙең аҡланырға нигеҙе юҡ. Улар, Алла тураһында белһәләр ҙә, Уны Алла итеп данламаны, шөкөр итмәне, киреһенсә, мәғәнәһеҙ уй-хыялдарға бирелде, аңларға теләмәгән зиһендәрен ҡараңғылыҡ солғаны. Үҙҙәрен аҡыллы һанап, аҡылһыҙға әйләнделәр һәм мәңге үлемһеҙ Алланың шөһрәтен үлемле әҙәмдәргә, ҡоштарға, дүрт аяҡлыларға һәм һөйрәлеүселәргә оҡшаған һындарға алмаштырҙылар. Шуның өсөн дә Алла кешеләрҙе үҙҙәренең аҙғын һәм бысраҡ теләктәре ҡарамағына ҡалдырҙы һәм улар бер-береһе менән үҙҙәренең тәнен мәсхәрә итә башланы. Улар, Алла хәҡиҡәтен ялғанға алмаштырып, Бар ҡылыусыға түгел, ә Ул бар ҡылған нәмәләргә табынды һәм хеҙмәт итте. Бар ҡылыусыға иһә мәңгелек маҡтау яуһын! Амин. Шул сәбәпле Алла кешеләрҙе хурлыҡлы нәфселәренә тапшырҙы: ҡатындар тәбиғи яҡынлыҡ ҡылыуҙы тәбиғи булмағанына алмаштырҙы. Шулай уҡ ирҙәр ҙә, ҡатындар менән тәбиғи яҡынлыҡ ҡылыуҙы ташлап, бер-береһенә ҡарата аҙғын теләк менән янды, бер-береһе менән оятһыҙлыҡ ҡылды һәм, хәҡиҡәттән тайпылғандары өсөн, ҡылғандарына ярашлы язаһын алды. Был кешеләр Алланы танып белеүҙе кәрәк тип тапмағанға күрә, Алла уларҙы боҙоҡ аҡылдары ихтыярына бирҙе, һөҙөмтәлә улар ҡылырға ярамаған эштәрҙе ҡыла башланы. Уларҙың күңеле һәр төрлө яманлыҡ, мәкер, ҡомһоҙлоҡ, яуызлыҡ менән; көнсөллөк, үлтереш, ыҙғыш-талаш, алдау, яман ниәттәр менән тулған. Улар – ғәйбәтселәр, яла яғыусылар, Аллаға нәфрәтлеләр, холоҡһоҙҙар, маҡтансыҡтар, тәкәбберҙәр, яуызлыҡ ҡылырға оҫталар, ата-әсәләренә буйһонмайҙар, аҡылһыҙҙар, үҙ һүҙҙәрендә тормайҙар, ҡаты бәғерлеләр, мәрхәмәтһеҙҙәр. Алланың бойороғонда, ундай эштәрҙе ҡылған әҙәмдәр үлемгә лайыҡ, тип әйтелгәнен белә тороп, был яманлыҡтарҙы үҙҙәре эшләп кенә ҡалмай, уларҙы ҡылыусыларҙы хуплап-ҡеүәтләп торалар. Шуға күрә, эй башҡаларҙы хөкөм иткән әҙәм, кем генә булһаң да, һиңә аҡлау юҡ. Башҡаларҙы хөкөм итеп, һин үҙеңде лә хөкөм итәһең. Сөнки һин, эй хөкөм итеүсе, үҙең дә шуны уҡ ҡылаһың. Беҙ иһә беләбеҙ: ундай эштәрҙе ҡылыусыларға Алла ғәҙел хөкөмөн бирә. Һин, әҙәм, шундай эштәр ҡылған башҡаларҙы ғәйепләп, ә үҙең шуны уҡ ҡылып, Алла хөкөмөнән ҡотолоп ҡалырмын, тип уйлайһыңмы? Әллә, Алланың яҡшылығы һине тәүбәгә йүнәлткәнен аңламайынса, Уның оло изгелеген, түҙемлеген һәм сабырлығын һанға һуҡмайһыңмы? Әммә тиҫкәрелегең һәм тәүбә итергә теләмәгән йөрәгең арҡаһында, Алланың ғәҙел хөкөмө асыҡланған асыу көнөндә башыңа төшәсәк нәфрәтте йыяһың. Ул һәр кемгә ғәмәленә ҡарап әжерен бирер: гел генә изге эштәр ҡылып данға, хөрмәткә һәм үлемһеҙлеккә ынтылыусыларға мәңгелек тормош бирер; ә үҙен генә яратып, хәҡиҡәткә буйһонмайынса яуызлыҡ юлынан барыусыларға Алла ярһыуын һәм асыуын төшөрөр. Эйе, яуызлыҡ ҡылған һәр кемгә – башта йәһүдкә, шунан йәһүд булмағанға – михнәт һәм ҡайғы. Ә изгелек ҡылған һәр кемгә, башта йәһүдкә, шунан йәһүд булмағанға – дан, хөрмәт һәм именлек. Сөнки Алла алдында барыһы ла бер тигеҙ. Алла ҡанунын белмәйенсә гонаһ ҡылыусылар ҡанундан тыш һәләк булыр, ә уны белә тороп та, гонаһ ҡылғандар ҡанун буйынса хөкөм ителер. Алла ҡанунды ишеткәндәрҙе түгел, ә уны үтәгәндәрҙе аҡлар. Йәһүд булмаған халыҡтарҙың ҡануны юҡ, әммә тәбиғи һиҙемләүҙәре буйынса ҡанун бойорғанды үтәһәләр, бының менән нимәне эшләргә ярай, нимәне – юҡ икәнен ҡанунһыҙ ҙа белгәндәрен күрһәтәләр. Был иһә ҡанун талаптарының йөрәктәренә яҙылғанлығын күрһәтә. Был хаҡта уларҙың выждандары ла шаһитлыҡ итә: уй-фекерҙәре уларҙы әле аҡлай, әле ғәйепләй. Быларҙың барыһы ла Алла кешеләрҙең йәшерен эштәрен һәм уйҙарын Ғайса Мәсих аша мин вәғәзләгән Һөйөнөслө Хәбәр буйынса хөкөм итәсәк көндө буласаҡ. Бына һин үҙеңде йәһүд тип атайһың, ҡанунға таянаһың һәм Алланы таныуың менән маҡтанаһың, ҡанунды өйрәнеп, Алланың ихтыярын беләһең һәм яманды яҡшынан айыра алаһың. Һин үҙеңде һуҡырҙарға юл күрһәтеүсе, ҡараңғылыҡтағылар өсөн яҡтылыҡ, аңһыҙҙарҙың тәрбиәсеһе, наҙандарҙың уҡытыусыһы тип һанайһың, сөнки белем менән хәҡиҡәтте туплаған ҡанунға эйәһең. Шулай икән, ни өсөн башҡаларҙы өйрәтәһең, ә үҙеңде үҙең өйрәтмәйһең? «Урлама» тип өгөтләйһең, ә үҙең урлайһың? «Зина ҡылма» тиһең, ә үҙең зина ҡылаһың? Ялған илаһтарҙан ерәнәһең, ә уларға табына торған йорттарҙы талайһың? Алла ҡануны менән маҡтанаһың, ә үҙең, уны боҙоп, Алланы хурлайһың? Изге Яҙмала әйтелгәнсә, «Мәжүсиҙәр һеҙҙең кеүектәр арҡаһында Алла исемен мыҫҡыл итә». Сөннәтле булыуың ҡанунды үтәгән осраҡта ғына файҙалы, ә инде ҡанунды боҙаһың икән, ул саҡта һинең сөннәтең сөннәтһеҙлек була. Шулай булғас, сөннәтһеҙ кеше ҡанун ҡағиҙәләрен үтәй икән, ул сөннәтле булып һаналмаймы? Шулай итеп, тән сөннәте үтмәһә лә, ҡанун талаптарын үтәгән кеше, һине – яҙылған ҡанунға һәм сөннәткә эйә кешене – ҡанунды боҙған өсөн хөкөм итер. Тышҡы яҡтан ғына йәһүд булған ысын йәһүд түгел әле, тәндәге сөннәт кенә ысын сөннәт түгел. Эстән йәһүд булған ғына – ысын йәһүд; шулай уҡ йөрәктәге сөннәт кенә – ысын сөннәт. Был яҙылған ҡанун талаптарын үтәү аша түгел, ә Рух тарафынан ғәмәл ҡылына. Бындай йәһүд кешеләрҙең түгел, ә Алланың маҡтауын ҡаҙаныр. Шулай итеп, йәһүд булыуҙың өҫтөнлөгө бармы һәм сөннәтле булыуҙың файҙаһы нимәлә? Бөтә яҡлап та өҫтөнлөгө ҙур. Иң элек Алла һүҙе уларға ышанып тапшырылған. Ҡайһы берәүҙәр Аллаға тоғролоҡ һаҡламаһа, ул ваҡытта ни булыр? Тоғро булмауҙары Алланың тоғролоғон юҡҡа сығарырмы? Әлбиттә, юҡ. Һәр кеше алдаҡсы булһа ла, Алла Үҙ һүҙенә тоғро. Изге Яҙмала былай тип әйтелгән: «Ғәйепләү һүҙҙәрең хаҡлы, хөкөмләшкәндә Һин еңерһең». Әгәр ҙә ғәҙелһеҙлегебеҙ Алла ғәҙеллеген асығыраҡ күрһәтә икән, ни тип әйтербеҙ? Алла асыуын яуҙырһа, Ул ғәҙел булмай сығамы? (Мин әҙәмсә фекер йөрөтөп әйтәм.) Әлбиттә, юҡ. Юҡһа Алла донъяны нисек хөкөм итә алыр ине? Ә минең ялғанлауым арҡаһында Алланың хаҡлығы, асығыраҡ күренеп, Уның данын арттыра икән, ни өсөн һуң әле мин гонаһлы тип хөкөм ителәм? Улай булғас, яҡшылыҡ килһен өсөн яманлыҡ ҡылырға тейеш булып сығабыҙмы? Ҡайһы бер яман һүҙле кешеләр беҙҙе нәҡ шулай әйтә тип тә һөйләй. Ундайҙар үҙҙәренә тәғәйен хөкөмдө алырҙар. Нисек килеп сыға һуң? Беҙҙең хәлебеҙ йәһүд булмағандарҙыҡынан яҡшыраҡмы? Һис тә юҡ. Йәһүдтәрҙең дә, йәһүд булмағандарҙың да – бөтәһенең дә гонаһ хакимлығы аҫтында икәнлеген асыҡланыҡ бит инде. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Тәҡүә бер кеше лә юҡ, бер генә лә. Аңлы бер кем дә юҡ, Алланы эҙләмәй һис кем дә. Барыһы ла юлдан яҙған, берҙәй боҙолған; яҡшылыҡ ҡылған әҙәм юҡ, исмаһам, берәү ҡалмаған. Боғаҙҙары – асыҡ ҡәбер, телдәре менән алдайҙар, йылан ағыуы – ауыҙҙарында. Ауыҙҙары тулы ләғнәт һәм рәнйеш. Аяҡтары ҡан ҡойошҡа ашыға, улар булып үткән ерҙә емереклек менән ҡайғы ҡала, тыныслыҡҡа юлды белмәйҙәр. Алланан ҡурҡыу юҡ уларҙың булмышында». Әммә беҙ ҡанунда әйтелгәндәр уға буйһоноусылар өсөн икәнен беләбеҙ, тимәк, үҙҙәрен яҡлау маҡсатында бер кем дә ауыҙын да аса алмай, һәм бөтә донъя Алла ҡаршыһында ғәйепле булып ҡала. Ҡанун талаптарын үтәү менән Алла алдында бер кем дә аҡлана алмай бит, ә ҡанун аша гонаһтың нимә икәнлеген төшөнәбеҙ. Әммә хәҙер Алланың кешеләрҙе ҡанундан тыш та аҡлауы асылды, быны ҡанун да, пәйғәмбәрҙәр ҙә раҫлай. Алланың кешеләрҙе аҡлауы Ғайса Мәсихкә ышанған һәр кемгә иман аша бирелә. Кешеләр араһында бер ниндәй ҙә айырма юҡ. Барыһы ла гонаһ ҡылып Алла шөһрәтенән мәхрүм ҡалды бит. Барыһы ла Алла мәрхәмәте менән үҙҙәрен гонаһтан йолоп алған Ғайса Мәсихтә Алланың аҡлауын бүләк итеп ала. Алла Ғайсаны, инанғандар гонаһтарынан Уның ҡаны аша пакланһын өсөн, ҡорбан итеп билдәләне. Шулай эшләп, элек ҡылынған гонаһтар өсөн яза бирмәйенсә, Ул Үҙенең хаҡлығын иҫбатланы. Оҙаҡ түҙемлек һаҡлап, хәҙер ҙә, беҙҙең ваҡытта ла, Үҙенең хаҡлы булыуын күрһәтә: Ул Үҙе хаҡ һәм Ғайсаға инаныусыларҙы аҡлай. Шулай итеп, нимәбеҙ менән маҡтана алабыҙ һуң? Бер ни менән дә. Был ниндәй ҡанун менән башҡарылды? Эш талап иткән ҡанун менәнме? Юҡ, иман ҡануны менән. Беҙ кешенең ҡанун талаптарын үтәүе менән түгел, ә иман аша аҡланғанлығын таныйбыҙ. Алла – йәһүдтәрҙең генә Аллаһымы? Башҡа халыҡтарҙыҡы ла түгелме ни? Әлбиттә, башҡа халыҡтарҙыҡы ла, сөнки Алла – бер. Ул сөннәтлене лә, сөннәтһеҙҙе лә иман аша аҡлай. Шулай итеп, беҙ иманыбыҙ менән ҡанунды юҡҡа сығарабыҙмы? Әлбиттә, юҡ. Киреһенсә, беҙ ҡанунды раҫлайбыҙ. Халҡыбыҙҙың тәүатаһы Ибраһим тураһында нимә әйтә алабыҙ? Ул нимәгә өлгәште? Әгәр Ибраһим үҙенең эштәре өсөн аҡланған булһа, ул саҡта маҡтана алыр ине; әммә Алла алдында түгел. Изге Яҙмала нимә тип әйтелгән? «Ибраһим Аллаға ышанды һәм Алла быны тәҡүәлек тип ҡабул итте». Эшләгән кешегә түләнгән хаҡ – бүләк түгел, ә тейешле хеҙмәт хаҡы. Әгәр ҙә кеше үҙенең эштәренә түгел, ә аллаһыҙҙарҙы аҡлаған Аллаға ышана икән, Алла уның ышанысын тәҡүәлеккә һанар. Шулай уҡ эш-ғәмәлдәренә ҡарамайынса Алла тәҡүә тип һанаған кешенең бәхетле булыуы тураһында Дауыт былай ти: «Яуыз эштәре ярлыҡанған, гонаһтары юйылған кешеләр бәхетле. Раббы кемдең гонаһын иҫәпкә алмаған, шул бәхетле». Шулай итеп, бәхетле булыу сөннәтлеләргә генә ҡағыламы, әллә сөннәт үтмәгәндәргә ләме? Беҙ: «Ибраһим үҙенең иманы менән тәҡүә ҡабул ителде», – тинек. Ҡасан ҡабул ителде? Сөннәтле булғасмы, әллә уға тиклемме? Сөннәтләнгәнгә тиклем, ә һуңынан түгел. Уның сөннәткә ултыртылыуы сөннәтһеҙ саҡта уҡ иман менән тәҡүәлеккә һаналыуҙы раҫлаған билдә булды. Шуға ла ул сөннәтһеҙ килеш иман итеп тәҡүә һаналған бөтә кешеләрҙең рухи атаһы булды. Ибраһим – шулай уҡ сөннәтлеләрҙең дә атаһы, йәғни был йоланы үтәгән генә түгел, ә Ибраһимдың сөннәтләнгәнгә тиклем тотҡан иманы юлынан барыусыларҙың да атаһы. Алланың Ибраһимға һәм уның тоҡомона донъяны бирергә вәғәҙә итеүе Ибраһим ҡанун талаптарын үтәгән өсөн түгел, ә Алла уны иманы арҡаһында тәҡүә тип һанаған өсөн бирелде. Әгәр ҙә ҡанун талабын үтәгәндәр Алланың вәғәҙә иткәнен алһа, ул саҡта иман мәғәнәһен юғалтыр, вәғәҙә үҙе лә юҡҡа сығыр ине. Ҡанун үҙе менән Алланың асыуын алып килә. Әммә ҡанун булмаған ерҙә ҡанунды боҙоу ҙа булмай. Ибраһим өмөтө ҡалмағанда ла ышанды һәм: «Һинең нәҫелең бихисап һанлы буласаҡ», – тип әйтелгән һүҙҙәр буйынса күп халыҡтарҙың атаһы булды. Уның, йөҙ йәшкә яҡынлашып, тәненең инде үлә барыуын, Сараның да бала табыу өсөн үтә ҡарт булыуын аңлаһа ла, иманы кәмемәне. Алла биргән вәғәҙәгә ул шикләнмәне, киреһенсә, иманында ныҡ булып, Алланы данланы. Алланың биргән вәғәҙәһен ғәмәлгә ашыра алырына ныҡ ышанды. Бына ни өсөн Ибраһим «тәҡүә булып ҡабул ителде». «Тәҡүә булып ҡабул ителде» тигән һүҙ уға ҡарата ғына түгел, беҙҙең өсөн дә яҙылған. Раббыбыҙ Ғайсаны үленән терелткән Аллаға ышанған беҙҙе лә Алла тәҡүә тип һанар. Ғайса иһә беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн үлемгә дусар ителде һәм аҡланыуыбыҙ өсөн үленән терелтелде. Шулай итеп, беҙ иман аша аҡланыу алғас, Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша Алла менән беҙҙең арала татыулыҡ урынлашты. Мәсих беҙгә Алланың мәрхәмәт ишеген асып бирҙе. Иманыбыҙ аша ошо мәрхәмәттә торабыҙ һәм, Алла данын уртаҡлашырбыҙ, тигән өмөт менән ғорурланабыҙ һәм шатланабыҙ. Бының менән генә түгел, кисергән михнәттәребеҙ өсөн дә ғорурланабыҙ, сөнки михнәттән сыҙамлыҡ тыуғанын беләбеҙ. Сыҙамлыҡтан – ныҡлыҡ, ныҡлыҡтан өмөт барлыҡҡа килә. Өмөт иһә алдамай, сөнки Алла Үҙенең мөхәббәтен беҙгә бирелгән Изге Рух аша йөрәктәребеҙгә мул итеп яуҙырҙы. Беҙ әле ярҙамға мохтаж булғанда, Алла билдәләгән бер ваҡытта Мәсих аллаһыҙҙар өсөн үлде. Кемдең дә булһа хатта тәҡүә кеше хаҡына үлергә риза булыры икеле, хәйер, кемдер, бәлки, игелекле кеше өсөн үлемгә барырға ла батырсылыҡ итер. Алла иһә беҙгә Үҙ мөхәббәтен шулай иҫбат итте: беҙ гонаһлы булған сағыбыҙҙа уҡ Мәсих беҙҙең өсөн үлде. Тимәк, беҙ Мәсихтең түгелгән ҡаны арҡаһында аҡланғас, һис һүҙһеҙ, Ул беҙҙе Алланың асыуынан ҡотҡарасаҡ. Беҙ Алланың дошмандары булған сағыбыҙҙа, Алла Үҙ Улының үлеме аша беҙҙе Үҙе менән яраштырҙы. Беҙ инде Алла менән татыулашҡанбыҙ икән, әлбиттә, Уның Улының тормошо аша ҡотоласаҡбыҙ. Был ғына ла түгел, Алла менән Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша маҡтанабыҙ, Уның аша беҙ хәҙер был татыулыҡты алдыҡ бит. Тәүге кеше – Әҙәм гонаһ ҡылғас, донъяға гонаһ килеп инә. Гонаһ менән бергә үлем килә, һәм был үлем бөтә кеше араһында тарала, сөнки бөтәһе лә гонаһ ҡылды. Донъяла гонаһ ҡанунға тиклем үк булған, әммә ҡанун булмағанда, гонаһ та иҫәпкә алынмай ине. Шуға ҡарамаҫтан, Әҙәмдән алып Муса пәйғәмбәр ваҡытына тиклем дә, Әҙәмдең ғәйебе һымаҡ гонаһ ҡылмаған кешеләр өҫтөнән дә үлем хакимлыҡ иткән. Ниндәйҙер кимәлдә, Әҙәм һуңынан килгән Мәсихкә оҡшаған. Тик Әҙәмдең енәйәтен Алланың бүләге менән сағыштырып булмай. Берәүҙең гонаһы күпме кешене үлемгә дусар иткән, әммә Алланың мәрхәмәте һәм бер Кеше – Ғайса Мәсихтең мәрхәмәте менән бирелгән бүләк күптәр өсөн тағы ла ҙурыраҡ бүләк була. Был бүләкте бер кешенең гонаһы менән сағыштырырлыҡ та түгел: бер енәйәт һөҙөмтәһендә ғәйепле тигән хөкөм ҡарары сығарылды, ә Алла мәрхәмәте менән бирелгән бүләк бик күп енәйәттәрҙән аҡланыу алып килде. Берәүҙең енәйәте арҡаһында донъяла үлем хакимлыҡ итә башлаған икән, мәрхәмәт муллығы һәм аҡланыу бүләге алғандар бигерәк тә бер Кеше – Ғайса Мәсих аша йәшәйәсәк һәм хакимлыҡ итәсәк. Шулай итеп, берәүҙең енәйәте бөтә кешеләргә хөкөм килтерһә, Берәүҙең хаҡ эше барлыҡ кешеләргә аҡланыу һәм тормош килтерә. Берәүҙең тыңлауһыҙлығы арҡаһында күптәр гонаһлы булғандай, бер Кешенең тыңлаусанлығы арҡаһында күптәр аҡлана. Ҡанун иһә енәйәт артһын өсөн кертелгән, әммә гонаһ күп булған ерҙә Алла мәрхәмәте тағы ла нығыраҡ артҡан. Шулай итеп, үҙ ваҡытында кешеләрҙе үлемгә дусар итеп, улар өҫтөнән гонаһ хакимлыҡ иткән булһа, хәҙер Алланың мәрхәмәте лә хаҡлыҡ менән хакимлыҡ итер һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша кешеләрҙе мәңгелек тормошҡа килтерер. Нимә тип әйтергә һуң? Мәрхәмәт артһын өсөн, гонаһ ҡылыуҙы дауам итәйекме? Әлбиттә, юҡ. Гонаһҡа ҡарата беҙ үлгәнбеҙ. Шулай булғас, нисек артабан гонаһ эсендә йәшәрбеҙ? Һыуға сумдырылыу йолаһын үтәп, Ғайса Мәсихкә сумдырылған бөтәбеҙҙең дә Уның үлеменә сумдырылыуын белмәйһегеҙме ни? Беҙ һыуға сумдырылып, Мәсих менән бергә үлдек һәм күмелдек. Атабыҙ Алланың бөйөк шөһрәте менән Мәсих үлемдән терелгәндәй, беҙ ҙә яңы тормош менән йәшәй алабыҙ. Мәсих менән бер төрлө үлемдә берләшкәнбеҙ икән, үленән терелеүҙә лә Уның менән берләшербеҙ. Беҙ беләбеҙ, тормошобоҙҙо гонаһ хакимлығынан ҡотҡарыу һәм бүтәнсә гонаһ ҡоло булмау өсөн, беҙҙең элекке, гонаһлы, асылыбыҙ Ғайса Мәсих менән бергә арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды, сөнки үлгән кеше гонаһтан азат ителә бит. Беҙ Мәсих менән үлгәнбеҙ икән, Уның менән йәшәйәсәгебеҙгә лә ышанабыҙ. Беҙ беләбеҙ, үленән терелгәндән һуң, Ул инде башҡа үлмәйәсәк, инде үлем Уға хаким була алмаясаҡ. Ул үлгәйне, Үҙен бер тапҡыр һәм мәңгегә ҡорбан итеп, гонаһҡа ҡарата үлгәйне, ә хәҙер Ул тере һәм Алла өсөн йәшәй. Шулай уҡ һеҙ ҙә үҙегеҙҙе гонаһҡа ҡарата үле, ә Ғайса Мәсихтә Алла өсөн теребеҙ тип иҫәпләгеҙ. Шуға күрә, үлемле тәнегеҙ өҫтөнән гонаһ хакимлыҡ итмәһен, шул ваҡытта һеҙ нәфсегә буйһонмаҫһығыҙ. Тәнегеҙҙең бер ағзаһының да яуызлыҡ ҡоралы булып гонаһҡа хеҙмәт итеүенә юл ҡуймағыҙ, сөнки һеҙ үле инегеҙ, инде хәҙер яңы тормошҡа эйәһегеҙ. Үҙегеҙҙе һәм ағзаларығыҙҙы тәҡүәлек ҡоралы итеп, Аллаға тапшырығыҙ. Ул саҡта гонаһ өҫтөгөҙҙән хакимлыҡ итмәҫ, сөнки һеҙ ҡанун аҫтында түгел, ә Алла мәрхәмәте аҫтында йәшәйһегеҙ. Ниндәй һығымта яһарға мөмкин? Ҡанун аҫтында түгел, ә Алла мәрхәмәте аҫтында йәшәгәнгә күрә, гонаһ ҡылһаҡ та ярай, типме ни? Әлбиттә, юҡ! Белмәйһегеҙме ни: үҙегеҙҙе тыңлаусан ҡол итеп кемгә тапшырһағыҙ, шуның ҡоло булаһығыҙ. Гонаһ ҡолдары булһағыҙ, был һеҙҙе үлемгә килтерер, Алланың тыңлаусан ҡолдары булһағыҙ, был һеҙҙе Алла алдында тәҡүә булыуға алып килер. Аллаға шөкөр, гонаһ ҡолдары булған мәлдәрегеҙ артта ҡалды, хәҙер һеҙ үҙегеҙгә бирелгән тәғлимәтте ихлас тотаһығыҙ. Гонаһтан азат ителеп, тәҡүәлектең ҡолдары булдығыҙ. Быны мин, был эштәрҙә аңлау кимәлегеҙ әлегә самалы булыу сәбәпле, ҡоллоҡ миҫалын килтереп әйтәм. Элек тәнегеҙҙе боҙоҡлоҡҡа һәм яманлыҡҡа ҡол итеп тапшырып, яуыз эштәргә юл ҡуйғанһығыҙ икән, хәҙер уны изгелеккә илтеүсе тәҡүәлеккә ҡол итеп тапшырығыҙ. Гонаһ ҡолдары булған саҡта, һеҙ хаҡлыҡ хакимлығынан азат инегеҙ. Элек ҡылған яман эштәрегеҙҙән берәй файҙа алдығыҙмы? Ул саҡтағы ҡылыҡтарығыҙҙан хәҙер үҙегеҙ үк оялаһығыҙ, сөнки уларҙың аҙағы – үлем. Әммә инде гонаһтан азат ҡылынып Алла ҡолдары булғас, бының емеше һеҙҙең өсөн – изгелек, ә һөҙөмтәһе – мәңгелек тормош. Гонаһтың әжере – үлем, ә Алланың бүләге – Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтә мәңгелек тормош. Эй имандаштар, һеҙ беләһегеҙ бит – мин ҡанунды белгәндәргә әйтәм – әҙәм иҫән ваҡытта ғына ҡанун уның өҫтөнән хакимлыҡ итә. Мәҫәлән, ирле ҡатын ире иҫән саҡта ҡанун буйынса уға бәйле, әммә ире үлһә – иренә бәйләп торған ҡанундан азат була. Шуға күрә ире иҫән саҡта башҡа ир менән булһа, был зина ҡылыу тип иҫәпләнә, ә инде ире үлһә, ҡатын әлеге ҡанундан азат, ул бүтәнгә кейәүгә сыға ала һәм был зина ҡылыуға һаналмай. Һеҙҙең менән дә шулай, имандаштарым. Һеҙ Башҡаға, йәғни үленән терелтелгән икенсе Берәүгә тәғәйен булыр өсөн Мәсихтең үлеме аша ҡанун өсөн үлдегеҙ. Ошо арҡала беҙ уңышты Аллаға килтерә алабыҙ. Гонаһлы тәбиғәтебеҙ хакимлығы аҫтында йәшәгән сағыбыҙҙа ҡанун беҙҙә гонаһлы нәфселәрҙе уятты, һәм улар тәнебеҙҙә үҙ емештәрен бирә башланы, ә ул емештәрҙең аҙағы – үлем ине. Әммә элек беҙҙе бәйләп торған ҡанунға ҡарата үлгәс, был ҡанундан азат булдыҡ һәм хәҙер Аллаға иҫкесә – яҙылған ҡанун буйынса түгел, ә яңыса, йәғни Изге Рух етәкселегендә, хеҙмәт итәбеҙ. Инде нимә тип әйтәйек? Ҡанун үҙе гонаһмы ни? Әлбиттә, юҡ! Әммә ҡанун булмаһа, мин гонаһтың нимә икәнен дә белмәҫ инем. Әгәр ҡанунда: «Көҫәмә!» тигән тыйыу булмаһа, көҫәүҙең нимә икәнлеген дә белмәҫ инем. Әммә гонаһ, ошо бойороҡтан файҙаланып, миндә төрлө нәфселе теләктәр уятып ебәрҙе, ә ҡанун булмағанда гонаһ үле. Ҡасандыр мин ҡанунды белмәйенсә йәшәй инем, ләкин Алланың бойороғон белгәнемдән һуң, гонаһ терелде, һәм мин үлдем. Шулай итеп, йәшәү бирергә тейешле бойороҡ минең үлемемә сәбәпсе булды, сөнки гонаһ, ошо бойороҡтан файҙаланып, мине алданы һәм уның аша үлтерҙе. Әммә ҡанун үҙе – изге, бойороҡ та изге, ғәҙел, яҡшы. Шулай итеп, был яҡшы нәмә миңә үлем килтерҙеме ни? Әлбиттә, юҡ! Әммә гонаһ, гонаһ булып танылһын өсөн, яҡшы нәмә арҡылы миңә үлем килтерҙе. Тимәк, бойороҡ арҡаһында гонаһтың ни тиклем яман икәнлеге күренде. Ҡанундың Рух аша бирелгәнлеген беләбеҙ, ә мин – гонаһҡа ҡолдай һатылған донъяуи әҙәм. Үҙемдең ни эшләгәнемде аңламайым, сөнки теләгәнемде түгел, ә нимәне күрә алмаһам, шуны ҡылам. Әгәр ҙә мин үҙем теләмәгәнде эшләйем икән, ҡанундың яҡшы булыуы менән килешәм. Быларҙы инде мин түгел, ә миндә йәшәүсе гонаһ ҡыла ла баһа. Миндә, йәғни гонаһлы тәбиғәтемдә, бер генә изгелек тә йәшәмәгәнлеген беләм. Миндә яҡшылыҡ эшләү теләге булһа ла, башҡара алмайым. Эшләргә теләгән изгелекте түгел, ә теләмәгән яуызлыҡты ҡылам. Теләмәгән нәмәне эшләйем икән, уны мин түгел, ә миндә йәшәүсе гонаһ ҡыла. Шулай итеп, үҙем өсөн бына шундай ҡанундың эш итеүен белеп ҡалдым: мин яҡшылыҡ эшләргә теләйем, әммә яманлыҡ ҡылыуҙан арына алмайым. Күңелемдә Алла ҡанунын ихлас хуплайым, әммә тәнемдә башҡа бер ҡанундың эш итеүен күрәм. Ул аҡылым хуплаған ҡанунға ҡаршы көрәшә һәм мине үҙемдәге гонаһ ҡанунына буйһондора. Бәхетһеҙ кешемен мин! Үлемгә дусар булған кәүҙәмдән мине берәйһе ҡотҡарырмы? Шуның өсөн дә мин Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша Аллаға рәхмәтлемен. Шулай итеп, аҡылым менән Алла ҡанунына, ә гонаһлы тәбиғәтем менән – гонаһ ҡанунына хеҙмәт итәм. Шулай итеп, Ғайса Мәсихтә булғандарға хәҙер бер ниндәй ҙә хөкөм юҡ, сөнки йәшәү биреүсе Изге Рух ҡануны һине Ғайса Мәсих аша гонаһ һәм үлем ҡанунынан азат итте. Гонаһлы тәбиғәтебеҙҙең көсһөҙлөгө арҡаһында ҡанун башҡара алмағанды Алла Үҙе башҡарҙы. Ул Үҙенең Улын гонаһлы кешегә оҡшатып ебәрҙе һәм, Уны гонаһ өсөн ҡорбан итеү аша, кеше тәнендә гонаһты хөкөм итте. Алла быны ҡанундың ғәҙел талаптары беҙҙә – гонаһлы тәбиғәтебеҙ буйынса түгел, ә Рух буйынса йәшәгәндәрҙә – ғәмәлгә ашһын өсөн эшләне. Гонаһлы тәбиғәте буйынса йәшәүселәр – нәфселәре буйынса, ә Изге Рух буйынса йәшәүселәр Рух теләге буйынса фекер йөрөтә. Гонаһлы тәбиғәт буйынса уйлау – үлемгә, ә Рух буйынса уйлау тормошҡа һәм именлеккә килтерә, сөнки гонаһлы тәбиғәте буйынса фекер йөрөткән кеше – Аллаға дошман, ул Алла ҡанунына буйһонмай ҙа, буйһона ла алмай. Гонаһлы тәбиғәте буйынса йәшәүселәр Аллаға ярай ҙа алмай. Әммә һеҙҙә Алла Рухы йәшәй икән, тимәк, һеҙ гонаһлы тәбиғәтегеҙ буйынса түгел, ә Рух буйынса йәшәйһегеҙ. Әгәр берәйһендә Мәсих Рухы юҡ икән, тимәк, ул кеше Мәсихтеке түгел. Мәсих һеҙҙә булһа инде, тәнегеҙ гонаһ арҡаһында үле, әммә, Алла һеҙҙе аҡлағанға күрә, Уның Рухы һеҙгә йәшәү бирә. Әгәр Ғайсаны үленән терелткән Алланың Рухы һеҙҙә йәшәй икән, Мәсихте үленән терелткән Алла Үҙенең һеҙҙә йәшәүсе Рухы менән үлемле тәнегеҙгә лә тормош бирәсәк. Шулай булғас, имандаштар, беҙҙең гонаһлы тәбиғәтебеҙ алдында бурысыбыҙ юҡ һәм уның буйынса йәшәргә тейеш түгелбеҙ. Гонаһлы тәбиғәтегеҙ буйынса йәшәһәгеҙ, үләсәкһегеҙ. Ә Алла Рухы ярҙамында тәндең гонаһлы эштәрен үлтерһәгеҙ инде, ул саҡта йәшәйәсәкһегеҙ. Алла Рухы етәкселегендә йәшәгәндәрҙең бөтәһе лә – Алла балалары. Һеҙ яңынан ҡурҡып йәшәргә дусар иткән ҡоллоҡ рухын алманығыҙ, ә үҙегеҙҙе Алла балалары итеүсе Рухты алдығыҙ. Шуға ла: «Абба! Атам!» – тип Аллаға мөрәжәғәт итәбеҙ. Алла Рухы Үҙе рухыбыҙға беҙҙең Алла балалары булыуыбыҙҙы раҫлап тора. Алла балалары булғас, беҙ Уның вәғәҙә иткәндәренә лә эйә булабыҙ, Мәсих менән бергә был вәғәҙә ителгәндәрҙе уртаҡлашасаҡбыҙ. Мәсих менән бергә михнәт кисерәбеҙ икән, Уның данын да уртаҡлашасаҡбыҙ. Иманым камил, беҙгә тәғәйенләнгән һәм киләсәктә асыласаҡ дан менән сағыштырғанда, әлеге ваҡытлы ғазаптарыбыҙ бер ни ҙә түгел. Алла тарафынан яратылғандарҙың барыһы ла, Алла Үҙенең балаларын ҡасан күрһәтер икән, тип сабырлыҡ менән көтә. Алла яратҡандарҙың барыһының да, тулғаҡ ғазабы кисергән ҡатын кеүек, әлегә тиклем ыңғырашҡанын һәм ғазапланғанын беләбеҙ бит. Улар ғына түгел, Алла бүләктәренең тәүгеһе булған Изге Рухҡа эйә булып беҙ ҙә, Алланың беҙҙе Үҙенә балалар итеп алып, тәнебеҙҙе азат итеүен түҙемһеҙлек менән көтөп, эстән генә ыңғырашабыҙ. Беҙ шул өмөт менән ҡотолдоҡ, әммә был – әлегә өмөт кенә. Тик өмөт иткән нәмәне күреүгә өлгәшһәк, ул инде өмөт булмай, сөнки үҙе күреп торған нәмәгә кем өмөтләнһен? Ә инде үҙебеҙ күрмәгән нәмәгә өмөтләнәбеҙ икән, уны сабырлыҡ менән көтәбеҙ. Шулай уҡ Рух та беҙгә ярҙам итә, сөнки беҙ көсһөҙ, нимә тураһында доға ҡылырға кәрәклеген дә белмәйбеҙ, ә Рух Үҙе һүҙ менән генә аңлатып булмаҫлыҡ көрһөнөү менән беҙҙең өсөн Аллаға ялбара. Йөрәктәрҙе үтә күреүсе Алла өсөн Рухтың уйҙары асыҡ, сөнки Рух, Алла ихтыяры буйынса, Уның изге халҡы өсөн Уға ялына. Алланы яратыусыларға, Уның ниәте буйынса саҡырып алынғандарға – бөтә нәмә яҡшыға ғына. Алла кемдәрҙе алдан һайлап алған, шуларҙы Үҙ Улына оҡшаш итергә алдан билдәләп ҡуйған. Шулай Ғайса күп һанлы туғандары араһында тыуған Баш бала булған да инде. Алла кемдәрҙе алдан билдәләп ҡуйған, шуларҙы саҡырып алған. Кемдәрҙе саҡырып алған, шуларҙы аҡлаған. Аҡланғандарға Ул дан-шөһрәт биргән. Быларға өҫтәп, тағы нимә әйтергә? Алла беҙҙең яҡлы булғас, кем беҙгә ҡаршы һуң? Йәлләмәйенсә, Үҙ Улын бөтәбеҙ өсөн үлемгә биргән Алла Уның менән бергә башҡа нәмәләрҙе беҙгә лә бүләк итмәҫме? Алла тарафынан һайлап алынғандарҙы кем ғәйепләр? Алла уларҙың ғәйепһеҙ булыуын таный бит! Уларҙы кем хөкөм итә алыр? Ғайса Мәсих улар хаҡына үлде, ул ғына ла түгел, үленән терелтелде. Ул Алланың уң яғына ултырҙы һәм беҙҙең өсөн Аллаға ялбара. Мәсих мөхәббәтенән беҙҙе нимә айыра ала? Ҡайғымы әллә ҡыҫырыҡлауҙар, эҙәрлекләүҙәрме, аслыҡмы әллә яланғаслыҡмы, хәүефме әллә ҡылысмы? Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Һинең хаҡыңа үлем ҡурҡынысы аҫтындабыҙ, салыу һарығылай һаналабыҙ». Ләкин быларҙың барыһында ла беҙҙе Яратыусы ярҙамында тулыһынса еңеп сығабыҙ. Үлем һәм йәшәү ҙә, фәрештәләр, күренмәгән етәкселәр һәм көстәр ҙә, хәҙерге һәм киләсәктәге нәмәләр ҙә, бейеклек һәм тәрәнлек тә, бар ителгән бер нәмә лә Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша күрһәткән Алла мөхәббәтенән беҙҙе айыра алмаясағына ышанам. Мәсих исеменән һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, һөйләгәндәрем ялған түгел, быны Изге Рух аша выжданым раҫлай: йөрәгем халҡым өсөн оло ҡайғы менән тулы һәм һыҙланыуҙан туҡтамай. Әгәр ҙә был үҙ халҡыма, ҡан-ҡәрҙәштәремә ярҙам итә алһа, Мәсихтән айырылып, ҡәһәрләнгән килеш ҡалырға риза булыр инем. Улар – исраилдар, Алла уларҙы Үҙ балалары итте, уларға Үҙенең шөһрәтен күрһәтте, улар менән килешеүҙәр төҙөнө, ҡанун, ғибәҙәт ҡылыу тәртибен өйрәтте, вәғәҙәләр бирҙе. Улар – беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың тоҡомо, Мәсих – кеше булараҡ сығышы менән улар араһынан, Ул – һәр нәмәнән өҫтөн Алла, Уға мәңгелек дан булһын! Амин. Әммә, Алла һүҙе ғәмәлгә ашмай ҡалды, тип әйтеп булмай, сөнки Исраил нәҫеленән булғандарҙың бөтөнөһө лә ысын Исраил кешеһе түгел. Ибраһим нәҫеленән булғандарҙың һәммәһе лә уның ысын балалары түгел. «Һинең тоҡомоң Исхаҡтан тараласаҡ», – тигән бит Алла. Йәғни тәбиғи рәүештә тыуған балалар Алла балалары тигән һүҙ түгел, Алла вәғәҙәһе буйынса тыуған балалар Уның балалары һанала. Вәғәҙә һүҙе былай: «Бер йылдан ошо ваҡытта әйләнеп килермен, ул мәлдә Сараның улы тыуған булыр». Ул ғына ла түгел, Рабиға ла атабыҙ Исхаҡтан игеҙәк ир балаларға ауырлы булған. Был турала Изге Яҙмала: «Мин Яҡупты яраттым, Ғаязды иһә күрә алманым», – тип әйтелгән. Ни тиергә һуң? Алла ғәҙел түгелме ни? Юҡ, әлбиттә! Мусаға Ул: «Кемгә теләһәм, шуға ҡарата рәхимлемен, кемгә теләһәм, шуға шәфҡәт күрһәтермен», – тигән. Тимәк, бөтә нәмә кешенең теләгенә йәки тырышлығына түгел, ә шәфҡәт күрһәтеүсе Аллаға бәйле. Изге Яҙмала Алла фирғәүенгә былай тигән: «Ҡөҙрәтем һинең аша күрһәтелһен һәм исемем бөтә ер йөҙөндә билдәле булһын өсөн, Мин һине юғарыға күтәрҙем». Шулай итеп, Алла Үҙе теләгән кешегә шәфҡәт күрһәтә һәм теләгән кешеләрен тиҫкәре, Үҙ тауышына ҡарата һаңғырау итә. Берәйегеҙ минән: «Шулай булғас, ниңә беҙҙе ғәйепләй һуң? Уның ихтыярына берәйһе ҡаршы килә аламы ни?» – тип һорар. Эй әҙәм балаһы, Алла менән бәхәсләшергә кем һуң һин? Көршәк үҙен яһаусыға: «Ниңә һин мине былай итеп яһаның?» – тип әйтерме? Көршәксенең бер үк балсыҡтан бер һауытты – затлы, ә икенсеһен ябай итеп яһарға хоҡуғы юҡмы ни? Әлеге «шәфҡәт көршәктәре» – беҙ, Алла беҙҙе йәһүдтәрҙән генә түгел, йәһүд булмағандарҙан да саҡырҙы. Һошеяғ китабында Алла былай тип әйткән: «Минең халҡым булмағанды – Үҙ халҡым, һөйөклө булмағанды һөйөклөм тип атармын. „Һеҙ Минең халҡым түгел“, – тип әйтелгән урында улар тере Алланың балалары тип аталырҙар». Ишағыяһ пәйғәмбәр иһә Исраил тураһында былай тип белдерә: «Исраилдарҙың һаны диңгеҙ ҡомо кеүек күп булһа ла, уларҙың аҙҙары ғына ҡотолор. Сөнки Раббы, ер йөҙөндә хөкөмөн тәүәккәл һәм тиҙ арала тамамлар». Ишағыяһ алдан уҡ әйткәнсә: «Күк ғәскәрҙәре Раббыһы беҙгә нәҫел ҡалдырмаған булһа, беҙ Содом кеүек булыр, Ғамораға оҡшап ҡалыр инек». Ни тип әйтергә һуң? Аҡланыуға ынтылмаған бүтән халыҡтар аҡланыу алды. Был аҡланыу инаныу аша килде. Ә исраилдар ҡанун үтәү аша аҡланыу табырға тырышты, тик маҡсатына өлгәшә алманы. Ни өсөн? Сөнки аҡланыуҙы инаныу нигеҙендә түгел, ә ҡанун нигеҙендә эҙләп, абындырыр ташҡа һөрөндөләр. Изге Яҙмала был таш тураһында былай тип әйтелгән: «Бына, Сионда кешеләрҙе абындырыр таш, һөрөндөрөр ҡая ҡуям. Әммә Уға ышанған һис кем оятҡа ҡалмаҫ». Имандаштар, мин ихлас күңелдән Исраил халҡының ҡотолоуын теләйем һәм был турала Аллаға доға ҡылам. Мин шаһитлыҡ ҡыла алам: улар йәндәре-тәндәре менән Аллаға бирелгәндәр, әммә был дөрөҫ аңлауға нигеҙләнмәгән. Алланың кешеләрҙе ҡайһылай аҡлағанын аңлап етмәйенсә, үҙҙәрен үҙҙәре аҡларға ынтылып, Алланың аҡлау юлына буйһонманылар. Мәсих ҡанундың маҡсатын ғәмәлгә ашырҙы һәм, һөҙөмтәлә, һәр иман тотоусы Алла тарафынан аҡланыу ала. Муса ҡанунды үтәү аша килгән тәҡүәлек тураһында былай тип яҙа: «Ҡанун талаптарын үтәгеҙ. Улар үҙҙәрен үтәгәндәргә йәшәү бирә». Изге Яҙмала ни тип әйтелә һуң? «Алла һүҙе һиңә яҡын, телеңдә һәм йөрәгеңдә». Был һүҙ – беҙ хәбәр итә торған иман һүҙе ул. Әгәр Ғайсаны Раббы тип таныһаң һәм Алланың Уны үленән терелтеүенә ихлас ышанһаң, ҡотоласаҡһың. Кем ысын йөрәктән ышана, шул Алла алдында тәҡүә булып һанала, ә тел ярҙамында иманды таныу ҡотолоу килтерә. Изге Яҙмала былай тип әйтелә: «Уға ышанған һис кем оятҡа ҡалмаҫ». Бында иһә йәһүдтәр менән йәһүд булмағандар араһында айырма юҡ, сөнки бөтәһе өсөн дә Раббы бер үк, Уға үтенеп мөрәжәғәт итеүселәргә Ул йомартлыҡ күрһәтә. «Раббыны исеме менән саҡырғандар барыһы ла ҡотолор». Әммә Раббыға инанмағандар Уға нисек мөрәжәғәт итер? Уның тураһында ишетмәгәндәр Уға нисек инана алыр? Уларға бер кем дә иғлан итмәгәс, нисек ишетерҙәр? Ебәрелмәгән булһа, нисек итеп берәйһе иғлан итә алыр? Изге Яҙмала: «Һөйөнөслө Хәбәр килтереүселәрҙең аяҡтары ниндәй күркәм!» – тип әйтелә. Әммә Һөйөнөслө Хәбәрҙе бөтөнөһө лә ҡабул итмәне, Ишағыяһ былай ти бит: «Раббым! Беҙ һөйләгән хәбәргә кем ышанды?» Шулай итеп, иман – ишетеү, йәғни Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе ишетеү аша килә. Әммә мин, әллә Исраил халҡы был хәбәрҙе ишетмәнеме икән, тип һорайым. Әлбиттә, ишеткәндәр: «Уларҙың ауаздары бөтөн донъя буйлап үтте, һәм хәбәрҙәре ер сиктәренә олғашты». Тағы ла, Исраил халҡы быны аңламанымы ни, тип һорайым. Быға Алла һүҙҙәре менән тәүге булып Муса яуап бирә: «Мин һеҙҙә халыҡ тип атап булмаған ҡәүем аша көнсөллөк уятасаҡмын, аңһыҙ халыҡ аша асыу тыуҙырасаҡмын». Ә Ишағыяһ Алла һүҙҙәре менән ҡыйыу рәүештә былай ти: «Мине эҙләмәгән кешеләр Мине тапты. Минең турала һорамағандарға Мин асылдым». Исраил халҡы тураһында иһә Алла былай тип әйтә: «Мин тыңлауһыҙ һәм тиҫкәре халыҡҡа көнө буйы ҡулдарымды һуҙып торҙом». Шуға ла мин, Алла Үҙ халҡын кире ҡаҡҡанмы ни, тип һорайым. Әлбиттә, юҡ! Мин үҙем дә Исраил кешеһе. Ибраһим нәҫеленән, Бинйәмин тоҡомонанмын. Алла Үҙ халҡын ташламаны, Ул уларҙы алдан уҡ һайлап алды. Һеҙ Изге Яҙмала Ильяс тураһында нимә тиелгәнен белмәйһегеҙме ни? Ул, Исраил халҡына зарланып, Аллаға: «Йә Раббым! Пәйғәмбәрҙәреңде үлтерҙеләр, ҡорбан усаҡтарыңды емерҙеләр, мин бер үҙем ҡалдым, инде минең дә йәнемде ҡыймаҡ булалар», – тигән. Уға Алла нимә тип яуап бирә һуң? «Мин табыныр өсөн Бәғел алдына теҙләнмәгән ете мең кешене Үҙем өсөн һаҡлап алып ҡалдым». Алла Үҙенең мәрхәмәте буйынса һайлап алған кешеләр әле лә бар, әммә улар күп түгел. Әммә Алланың һайлауы Үҙенең мәрхәмәте буйынса икән, тимәк, кешеләрҙең эштәренә ҡарап түгел; юғиһә, мәрхәмәт ысын мәрхәмәт булмаҫ ине. Ни тиергә һуң? Исраил халҡы теләгәненә ирешмәне. Бары тик һайланғандар был маҡсатҡа иреште, ҡалғандарының йөрәктәре таш булды. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Алла бөгөнгә тиклем уларҙың рухын йоҡлатты, күҙҙәре булһа ла, күрмәй, ҡолаҡтары булһа ла, ишетмәй торған итте». Дауыт та былай ти: «Уларҙың табыны үҙҙәре өсөн йәтмәгә лә, тоҙаҡҡа ла, абындырыусы нәмәгә лә әйләнһен һәм яза булһын. Уларҙың күҙҙәре күрмәҫ өсөн томаланһын, арҡалары ғүмерлеккә бөкрө булып ҡалһын». Шулай итеп, һеҙҙән, Исраил халҡы абынған саҡта бөтөнләйгә йығылдымы әллә, тип һорайым. Әлбиттә, юҡ! Тик уларҙың абыныуҙары арҡаһында бүтән халыҡтарға ҡотолоу килде, был иһә Исраил халҡында көнсөллөк уятты. Әгәр уларҙың абыныуҙары – донъяға, ә юғалтыуҙары бүтән халыҡтарға байлыҡ килтерә икән, Исраил халҡының Мәсихте ҡабул иткән өлөшө тейешле һанға еткәндән һуң, байлыҡ ни тиклемгә күберәк артыр! Йәһүд булмағандар, һеҙгә әйтәм: мин, йәһүд булмағандар араһындағы илсе булараҡ, үҙ хеҙмәтемде ихтирам итәм. Ошоноң менән милләттәштәремдең көнсөллөгөн уятып, ҡайһы берҙәрен ҡотҡара алмаммы икән? Әгәр уларҙың кире ҡағылыуы донъяны Алла менән дуҫлашыуға килтерә икән, Алла тарафынан ҡабул ителеүҙәре нисек булыр һуң? Был бит үлеләр өсөн терелеү! Аллаға бүләк ителгән беренсе икмәк изге булһа, шул ҡамырҙан бешерелгән башҡа икмәктәр ҙә изге; ағастың тамыры изге булһа, ботаҡтары ла изге. Әгәр зәйтүн ағасы ботаҡтарының ҡайһы берҙәре һындырылһа, һәм һин, ҡырағай зәйтүн ағасының ботағы, улар урынына ялғанып, зәйтүн тамырының һуты менән туйынаһың икән, ул саҡта һындырылған ботаҡтар алдында маһайма. Маһайһаң, иҫеңдә тот: һин тамырҙы түгел, ә тамыр һине тотоп тора. Бәлки, һин: «Ҡайһы бер ботаҡтар мине ялғап ҡуйыу өсөн һындырылды бит», – тип әйтерһең. Дөрөҫ, улар ышанмауҙары арҡаһында һындырылды, ә һин ышанғанға ялғанып тораһың: танауыңды күтәрмә, киреһенсә, һаҡ бул. Әгәр Алла тәбиғи ботаҡтарҙы аямаған икән, һине лә аямаҫ. Шулай итеп, Алланың изгелеге лә, ҡырыҫлығы ла күҙ алдыңда. Ул иман юлынан тайпылғандарға ҡарата ҡырыҫ, ә һиңә, әгәр Алла изгелегенә өмөт бағлауыңды дауам итһәң, изгелекле булыр. Киреһенсә икән, һин дә ҡырҡып ташланырһың. Әммә юлдан тайпылғандар, ышанмауҙарын дауам итмәһәләр, кире ялғанырҙар. Уларҙы кире ялғарға Алланың ҡеүәте етә. Әгәр һин, ҡырағай зәйтүн ағасынан ҡырҡылып, баҡсала үҫкән зәйтүн ағасына тәбиғи булмағанса ялғанғанһың икән, ул саҡта һындырылған тәбиғи ботаҡтар үҙ ағасына яңынан тағы ла еңелерәк ялғаныр. Имандаштар, һеҙ эреләнеп китмәһен өсөн, был серҙең һеҙҙән йәшерен ҡалыуын теләмәйем. Йәһүд булмағандарҙың Алланы ҡабул иткән өлөшө тейешле һанға еткәнгә тиклем Исраилдың бер өлөшө тиҫкәреләнеүен дауам итер. Шул рәүешле бөтөн Исраил ҡотҡарылыр, Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Сиондан Ҡотҡарыусы килер, Яҡуп тоҡомонан иманһыҙлыҡты алыр. Мин уларҙың гонаһтарын алып ташлармын – улар менән төҙөгән килешеүем бына шул булыр». Һөйөнөслө Хәбәргә килгәндә, улар – һеҙҙең хаҡҡа Алланың дошмандары, әммә Алланың һайлауына килгәндә, улар ата-бабалары хаҡына Алланың һөйөклөләре булып ҡала, сөнки Алланың бүләктәре лә, саҡырыуы ла кире алынмай. Ҡасандыр һеҙ Аллаға буйһонмай инегеҙ, ә хәҙер, Исраил халҡының буйһонмауы арҡаһында, шәфҡәт алдығыҙ. Шуның һымаҡ хәҙер улар ҙа һеҙгә күрһәтелгән шәфҡәт өсөн Аллаға буйһонмайҙар, был иһә уларға ла шәфҡәт күрһәтелһен өсөн эшләнә, сөнки Алла, барыһына ла шәфҡәт күрһәтер өсөн, һәммәһен дә буйһонмауҙың тотҡоно итте. Алланың байлығы сикһеҙ, хикмәте һәм ғилеме төпһөҙ! Уның хөкөмдәре аҡыл етмәҫлек, юлдары аңламаҫлыҡ! Раббының ни уйлағанына кем төшөнгән? Уға кем кәңәшсе булған? Йәки берәйһе Аллаға нимәлер биреп, Ул ҡайтарырға бурыслы булып ҡалған? Бар нәмә Унан, Уның аша һәм Уға табан йүнәлгән. Уға мәңгелек дан! Амин. Шуға һеҙҙән, имандаштар, Алла шәфҡәте хаҡына үтенәм: үҙегеҙҙең тәнегеҙҙе Аллаға хуш килерлек тере изге ҡорбан итеп бирегеҙ. Был һеҙҙең Аллаға ихлас ғибәҙәтегеҙ булыр. Был донъяның йәшәү рәүешенә яраҡлашмағыҙ, ә зиһенегеҙҙе яңыртып, уй-фекерегеҙҙе үҙгәртегеҙ. Шулай итеп, һеҙ Алланың ихтыярын – нимәнең яҡшы, яраҡлы һәм камил булыуын асыҡлай алырһығыҙ. Алла тарафынан бирелгән мәрхәмәт менән һәр берегеҙгә әйтәм: үҙегеҙ тураһында тейешенән юғарыраҡ фекерҙә булмайынса, һәр кемегеҙ Алла биргән иман күләменән сығып айыҡ фекер йөрөтөгөҙ. Тәнебеҙҙә ағзалар күп, бөтә ағзалар ҙа бер үк эш башҡармаған кеүек, беҙ ҙә, күп булһаҡ та, Мәсихтә бер тән тәшкил итәбеҙ, тик һәр беребеҙ айырым-айырым бер-беребеҙҙең ағзалары булып торабыҙ. Алланың мәрхәмәте буйынса алған рухи бүләктәребеҙ төрлө, шулай булғас, кемгәлер пәйғәмбәрлек итеү һәләте бирелгән икән, уны ышанысы буйынса файҙаланһын. Башҡаларға хеҙмәт итеү һәләте бирелһә, хеҙмәт итһен, өйрәтеү бүләге бирелһә, өйрәтһен. Күңел күтәреү бүләге бирелә икән, күтәрһен, үҙенекен башҡалар менән уртаҡлашһа, эскерһеҙ уртаҡлашһын; етәксе һәләтенә эйә икән, эшендә тырышлыҡ күрһәтһен, шәфҡәткә эйә булһа, шатланып шәфҡәт күрһәтһен. Мөхәббәтегеҙ саф күңелдән булһын, яманлыҡҡа – нәфрәтле, яҡшылыҡҡа тоғро булығыҙ. Бер-берегеҙҙе туғандарса эскерһеҙ яратығыҙ, бер-берегеҙҙе үҙегеҙгә ҡарағанда ла нығыраҡ хөрмәт итегеҙ. Тырышлығығыҙҙы һүлпәнәйтмәгеҙ, Изге Рух менән янып тороғоҙ, Раббыға хеҙмәт итегеҙ. Үҙегеҙҙә булған өмөткә ҡыуанығыҙ, ҡайғыларҙа ныҡ булығыҙ, арымай-талмай доға ҡылығыҙ. Мохтажлыҡ кисергән имандашығыҙ менән үҙегеҙҙекен бүлешегеҙ, ҡунаҡсыллыҡ күрһәтегеҙ. Һеҙҙе эҙәрлекләүселәргә Алланан фатиха һорағыҙ. Фатиха һорағыҙ, ҡарғамағыҙ. Ҡыуанғандар менән бергә ҡыуанығыҙ, илағандар менән бергә илағыҙ. Бер-берегеҙ менән килешеп йәшәгеҙ, тәкәббер булмағыҙ, шулай уҡ ябай кешеләр менән аралашығыҙ, үҙегеҙҙе булғанынан аҡыллыраҡ һанамағыҙ. Бер кемгә лә яманлыҡҡа ҡаршы яманлыҡ ҡылмағыҙ, киреһенсә, бар әҙәмдәр алдында изге эштәр ҡылырға тырышығыҙ. Мөмкинлегегеҙ бар икән, барыһы менән дә хәлегеҙҙән килгәнсә татыу йәшәгеҙ. Һөйөклөләрем, үҙегеҙ өсөн үс алмағыҙ, Алла асыуына урын ҡалдырығыҙ. Изге Яҙмала былай тип әйтелгән: «Ҡон ҡайтарыу – Минән. Әжерен Үҙем бирермен, – ти Раббы». Киреһенсә, «дошманың ас булһа, тамағын туйҙыр, һыуһаған булһа, һыуһынын ҡандыр. Былай эшләп, уның башына ҡуҙ өйөрһөң». Яманлыҡтан еңелмә, ә яманлыҡты яҡшылыҡ менән ең. Һәр кем хакимлыҡ иткән етәкселәргә буйһонһон, сөнки Алла урынлаштырған хакимлыҡтан башҡа хакимлыҡ юҡ. Ғәмәлдәге хакимлыҡтар Алла тарафынан урынлаштырылған. Шуға күрә хакимлыҡҡа ҡаршы килеүсе Алла урынлаштырған тәртипкә ҡаршы килә. Ундайҙар иһә үҙҙәрен хөкөмгә дусар итә. Етәкселәр яҡшылыҡ ҡылыусылар өсөн түгел, яманлыҡ ҡылыусылар өсөн ҡурҡыныс. Хакимлыҡтан ҡурҡмаҫҡа теләһәң, яҡшылыҡ эшлә, һәм маҡтау алырһың. Хакимлыҡ итеүсе һинең мәнфәғәтең өсөн Аллаға хеҙмәт итә. Әгәр яуызлыҡ ҡылаһың икән – унан ҡурҡ, юҡҡа ғына ҡылыс тағып йөрөмәй бит. Ул, Алла хеҙмәтсеһе булараҡ, яуызлыҡ ҡылыусыларҙы Алланың асыуына дусар итеп яза бирә. Шуға күрә хакимлыҡ итеүселәргә яза алыуҙан ҡурҡып ҡына түгел, ә выжданың ҡушыуы буйынса буйһонорға кәрәк. Шуның өсөн һеҙ һалым түләйһегеҙ ҙә инде, сөнки улар үҙҙәрен үҙ вазифаларына бағышлап, Аллаға хеҙмәт итә. Шулай булғас, һәр кемгә тейешлеһен бирегеҙ: кемгә һалым түләргә тейешһегеҙ – һалым, кемгә яһаҡ – яһаҡ түләгеҙ, ҡурҡырға тейеш булғандан ҡурҡығыҙ, хөрмәткә лайыҡлыларҙы хөрмәт итегеҙ. Бер-берегеҙгә булған мөхәббәттән башҡа бер кемгә лә бер нәмә менән дә бурыслы булмағыҙ, сөнки яҡынын яратҡан кеше ҡанун талаптарын үтәгән була. «Зина ҡылма, кеше үлтермә, урлашма, башҡаныҡын көҫәмә» һәм башҡа төрлө бойороҡтар, бер һүҙ менән әйткәндә, «яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат» тигәнде аңлата. Мөхәббәт бүтән кешегә яуызлыҡ килтермәй, тимәк, мөхәббәт ҡанун талаптарын үтәү булып тора. Ошоларҙы үтәгеҙ, сөнки ниндәй заманда йәшәүегеҙҙе беләһегеҙ, беҙгә йоҡонан уяныу сәғәте килеп тә етте. Ҡотолоу мәле хәҙер беҙ иманға килгән ваҡытҡа ҡарағанда яҡыныраҡ. Төн үтеп бара, көн тыуа. Әйҙәгеҙ, ҡараңғылыҡ эштәренән ситләшеп, яҡтылыҡ ҡоралдарын алайыҡ. Ҡоторонҡо мәжлес һәм эскелек, фәхешлек һәм аҙғынлыҡ, ыҙғыш-талаш һәм көнсөллөккә бирелмәйенсә, үҙебеҙҙе көн яҡтылығындағы кеүек әҙәпле тотайыҡ. Тормошоғоҙға Раббы Ғайса Мәсих идара итһен. Гонаһлы тәбиғәтегеҙҙең аҙғын теләктәрен ҡәнәғәтләндереү тураһында уйлауҙан туҡтағыҙ. Иманы көсһөҙ кешене ҡабул итегеҙ, әммә фекерҙәре тураһында бәхәсләшмәгеҙ. Кемдер, иманы буйынса, һәр төрлө ризыҡ хәләл тип уйлай, ә иманы көсһөҙ булғаны, гонаһ ҡылыуҙан ҡурҡып, йәшелсә генә ашай. Бөтә нәмәне ашаған кеше ашамағанына ерәнеп ҡарамаһын, ашамаған иһә ашағанды хөкөм итмәһен, сөнки Алла уны Үҙенә ҡабул иткән. Башҡаның хеҙмәтсеһен хөкөм итергә һин кем? Баҫып торамы ул, йығылып ятамы, үҙенең хужаһы хәл итер. Ул иһә баҫып торасаҡ, сөнки уны баҫтырып ҡуйырға Раббының ҡөҙрәте етерлек. Кемдер ҡайһылыр көндәрҙең береһен башҡаларына ҡарағанда мөһимерәк тип иҫәпләй, ә икенсе берәү һәммә көндәр ҙә бер төрлө тип һанай. Һәр кем үҙ ҡарашы буйынса эш итә. Кем бер көн икенсеһенән мөһимерәк тип һанай, ул Раббы хөрмәтенә шулай тип иҫәпләй. Һәр төрлө ризыҡты ашаусы ла быны Раббы хөрмәтенә эшләй, сөнки Аллаға шөкөр итә. Ашамаған кеше лә быны Раббы хаҡына эшләй, ул да Аллаға шөкөр итә. Беҙҙең беребеҙ ҙә үҙе өсөн йәшәмәй һәм беребеҙ ҙә үҙе өсөн үлмәй. Йәшәйбеҙ икән – Раббы өсөн йәшәйбеҙ, үләбеҙ икән – Раббы өсөн үләбеҙ. Шуға күрә йәшәһәк тә, үлһәк тә – Раббыныҡыбыҙ. Мәсих нәҡ үлеләр һәм тереләргә Хаким булыр өсөн үлде һәм терелде. Шулай булғас, һин ни өсөн имандашыңды хөкөм итәһең? Йәки ерәнеп ҡарайһың? Беҙ бит бөтәбеҙ ҙә Аллабыҙ хөкөмө алдына баҫасаҡбыҙ. Изге Яҙмала былай тип әйтелгән: «Үҙемдең барлығым менән ант итәм, – Минең алдымда һәр кем теҙ сүгәсәк, һәр тел Минең Алла икәнемде таныясаҡ, – ти Раббы». Шулай итеп, һәр беребеҙ үҙе тураһында Алла алдында хисап тотасаҡ. Шуға күрә бер-беребеҙҙе хөкөм итеүҙән туҡтайыҡ. Уның урынына әйҙәгеҙ имандаштарыбыҙҙы юлдан яҙҙырырлыҡ һәм гонаһҡа ҡоторторлоҡ бер нәмә лә эшләмәҫкә ҡарар ҡылайыҡ. Раббы Ғайсала булараҡ, мин беләм һәм ныҡлы ышанам: бер нәмә лә үҙенән-үҙе хәрәм булмай, ә берәйһе берәй нәмәне хәрәм тип уйлаһа, шул нәмә уның өсөн хәрәм була. Ашаған ризығың имандашыңды борсоуға һала икән, һин яратып эш итмәйһең. Үҙ ризығың менән уға һәләкәт килтермә, Мәсих уның хаҡына ла үлде бит. Алла һеҙгә биргән яҡшы нәмә хурланмаһын. Алла батшалығы ризыҡ менән эсемлектән түгел, ә Изге Рух биргән тәҡүәлек, именлек һәм шатлыҡтан тора. Мәсихкә шулай хеҙмәт иткән кеше Алланы ҡыуандыра һәм кешеләр тарафынан хуплана. Шуның өсөн үҙ-ара татыу йәшәүгә һәм бер-беребеҙҙең рухын нығытыуға хеҙмәт иткән нәмәләргә ынтылайыҡ. Ризыҡ арҡаһында Алланың эшен юҡҡа сығарма. Һәр ризыҡ саф, әммә ашаған аҙығың менән берәйһен гонаһҡа ҡотортһаң, дөрөҫ булмай. Ит ашамауың, шарап эсмәүең, имандашыңдың абыныуына килтерерлек башҡа нәмәләр эшләмәүең яҡшы. Быға ҡарата булған фекереңде үҙең менән Алла араһында ғына һаҡлап тот. Үҙе хаҡлы тип һанаған нәмә өсөн үҙен хөкөм итерлек ғәйеп тапмаған кеше бәхетле. Кеше берәй ризыҡты ашарға яраймы, юҡмы тип шикләнеп ашаһа, Алла хөкөм итер, сөнки ул иман буйынса эшләмәй. Ә иман буйынса эшләнмәгән бөтә нәмә – гонаһ. Беҙ, көслөләр, үҙебеҙҙе генә ҡайғыртырға түгел, ә көсһөҙҙәрҙең йөктәрен дә күтәрешеп йөрөргә тейешбеҙ. Һәр беребеҙ башҡаларҙың рухын нығытыу өсөн, уға яҡшы булһын тип, уның хаҡында ҡайғыртайыҡ. Мәсих тә Үҙе тураһында уйламаны. Изге Яҙмала яҙылғанса: «Һине яманлаусыларҙың хурлау әсеһе өҫтөмә төштө». Изге Яҙмалағы бөтә нәмә, беҙ унан ала торған сабырлыҡ һәм йыуаныу аша өмөтөбөҙ булһын тип, нәсихәт биреү өсөн яҙылған. Сабырлыҡ һәм йыуаныу сығанағы булған Алла һеҙгә, Ғайса Мәсих юлынан барыусыларға тейеш булғанса, бер-берегеҙ менән аңлашып йәшәү бирһен. Шулай итеп, һеҙ берҙәм рәүештә, бер һүҙҙән Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Аллаһын һәм Атаһын данларһығыҙ. Шуға күрә, Алла даны өсөн Мәсих һеҙҙе ҡабул иткән кеүек, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙе ҡабул итегеҙ. Шуны әйтәм: ата-бабаларға бирелгән вәғәҙәләрҙе раҫлау өсөн, Алланың тоғролоғон күрһәтеү өсөн, Мәсих сөннәтлеләргә хеҙмәт итергә килде. Мәсих Алланы шәфҡәтлелеге өсөн башҡа халыҡтар ҙа данлаһын өсөн килде. Изге Яҙмала яҙылғанса: «Шуға ла Һине ят ҡәүемдәр араһында данлармын, исемеңә мәҙхиә йырлармын». Былай тип тә әйтелгән: «Ҡәүемдәр, Уның халҡы менән бергә шатланығыҙ». Һәм тағы ла: «Бар ҡәүемдәр, Раббыны маҡтағыҙ, бөтә өммәттәр, Уны ҙурлағыҙ». Ишағыяһ та былай ти: «Ишай тамырынан үҫеп сыҡҡан һабаҡ килер, халыҡтар өҫтөнән хакимлыҡ итергә күтәрелер. Ҡәүемдәр Уға өмөт бағлар». Изге Рухтың ҡөҙрәте менән өмөтөгөҙ артһын өсөн, өмөт биреүсе Алла һеҙҙе Үҙенә инаныу аша бөтә шатлыҡ һәм именлек менән һуғарһын. Имандаштарым, мин үҙем һеҙҙең изгелеккә тулғанығыҙға, һәр төрлө белемгә өйрәнеп, бер-берегеҙгә өгөт-нәсихәт бирә алыуығыҙға ышанам. Шуға ҡарамаҫтан, имандаштар, ҡайһы бер мәсьәләләр тураһында иҫегеҙгә төшөрөп, ҡыйыу рәүештә яҙҙым, сөнки мин, – Алла тарафынан бирелгән мәрхәмәт аша, йәһүд булмағандар араһында Ғайса Мәсихтең хеҙмәтсеһемен. Йәһүд булмағандар Алла хуш күрерҙәй, Изге Рух тарафынан изгеләндерелгән ҡорбан булһын өсөн, Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен вәғәзләп, ҡаһин хеҙмәтен башҡарам. Шулай итеп, Ғайса Мәсихтә булараҡ, Аллаға хеҙмәт итеүем менән ғорурлана алам. Йәһүд булмағандарҙы Аллаға буйһондорорға теләп, Мәсихтең минең аша ҡылған ғәмәлдәренән башҡа нәмә тураһында һөйләргә батырсылыҡ итмәйем. Ул быларҙы минең һүҙем һәм эшем менән, мөғжизәләр һәм хикмәттәр көсө ярҙамында, Алла Рухының ҡөҙрәте менән башҡарҙы. Мин, Йәрүсәлимдән алып Иллурикон яҡтарына тиклем урау юлдарҙан барып, Мәсих хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе тулыһынса бәйән иттем. Башҡалар нигеҙ һалған урында ҡормаҫ өсөн, мин Һөйөнөслө Хәбәрҙе Мәсихтең исеме билдәле булмаған урындарҙа вәғәзләргә тырыша инем. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Уның тураһында кемгә әйтелмәгән, шулар күрер, кем ишетмәгән, шул аңлар». Шуның өсөн, күп тапҡырҙар янығыҙға барырға ниәтләп тә, хеҙмәтем арҡаһында бара алманым да инде. Хәҙер иһә был төбәктәрҙә эштәремде тамамлағанға һәм оҙаҡ йылдар буйы янығыҙға барырға теләгәнгә күрә, Испанияға китеп барышлай һеҙгә лә һуғылырға йыйынам. Һеҙҙең менән аралашыуҙан бер ни тиклем ләззәт алғандан һуң, миңә унда тиклем барып етергә ярҙам итерһегеҙ, тип өмөтләнәм. Ә хәҙер, имандаштарға хеҙмәт итеү өсөн, Йәрүсәлимгә юлланам, сөнки Македония менән Ахаялағы берҙәмлектәр Йәрүсәлимдәге имандаштар араһындағы ярлыларға аҡсалата ярҙам күрһәтергә ҡарар итте. Улар үҙҙәре шундай ҡарарға килде; һәм, ысынлап та, элекке мәжүсиҙәрҙең хәҙерге имандаш йәһүд туғандары алдында бурысы бар. Йәрүсәлимдәге иман тотоусыларҙың рухи байлығын уртаҡлашҡанға күрә, уларға матди яҡтан ярҙам күрһәтергә тейештәр. Мин, ошо эште башҡарғас һәм йыйылған аҡсаны тейешенсә тапшырғас, Испанияға юлланырмын һәм унда барышлай янығыҙҙа туҡталырмын. Янығыҙға килгәндә, Мәсихтән тулы фатиха алып килеремде беләм. Имандаштарым, беҙ бер-беребеҙгә Изге Рухтан килгән һөйөү менән бәйләнгәнбеҙ, шуға күрә Раббыбыҙ Ғайса Мәсих хаҡына саҡырам: минең менән бергә көрәшеп, минең өсөн Аллаға доға ҡылығыҙ. Йәһүҙиәләге иманһыҙҙарҙың миңә зыяны теймәһен һәм Йәрүсәлимдәге имандаштар мин алып барған аҡсалата ярҙамды яҡшы ҡабул итһен өсөн доға ҡылығыҙ. Шулай итеп, Алла насип итһә, мин янығыҙға ҡыуанып килермен һәм, һеҙҙең менән аралашып, көс туплай алырмын. Именлек Аллаһы һеҙҙең бөтөнөгөҙ менән бергә булһын. Амин. Һеҙгә Кәнхреайҙағы берҙәмлектең ярҙамсыһы булған ҡыҙ имандашыбыҙ Фойбены тәҡдим итәм. Уны Раббыныҡы итеп, изгеләргә хас булғанса ҡабул итегеҙ һәм тейешле ярҙам күрһәтегеҙ, сөнки ул күптәрҙе, минең үҙемде лә ҡурсаланы. Минең менән бергә Ғайса Мәсихкә хеҙмәт иткән Прискилла менән Акуласҡа сәләм әйтегеҙ. Улар минең хаҡыма ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйҙы, ул икәүгә мин генә түгел, иманға килгән мәжүсиҙәрҙең бөтә берҙәмлектәре лә рәхмәтле. Уларҙың йортонда йыйылыусы берҙәмлеккә лә сәләмдәремде еткерегеҙ. Асия өлкәһендә Мәсихкә беренсе булып инанған ҡәҙерле дуҫым Әпәйнетосҡа сәләм тапшырығыҙ. Һеҙҙең өсөн күп тырышлыҡтар һалған Мәрйәмгә сәләм әйтегеҙ. Минең менән бергә тотҡонлоҡта булған яҡташтарым Андроникус менән Йүниәгә сәләм тапшырығыҙ. Улар илселәр араһында мөһим урын алып тора, һәм Мәсихкә миңә тиклем үк инанғандар. Раббыбыҙ Ғайсала минең ғәзиз дуҫым булған Амплиатусҡа сәләм әйтегеҙ. Мәсихтә беҙҙең менән хеҙмәт итеүсе Урбаносҡа һәм ҡәҙерле дуҫым Стахусҡа сәләм белдерегеҙ. Мәсихкә тоғролоғон иҫбатлаған Апеллесҡа, Аристобулус йортондағыларға сәләм еткерегеҙ. Яҡташым Һирудионға сәләм әйтегеҙ, Наркиссос йортондағыларҙың Раббыға инаныусыларына сәләм күндерегеҙ. Раббы хаҡына тырышып хеҙмәт итеүсе Труфайна менән Труфосаға ла сәләм. Раббы хаҡына күп тырышлыҡ һалған ҡәҙерле Персисҡа сәләмдәремде әйтегеҙ. Раббы тарафынан һайланған Руфосты һәм уның әсәһен сәләмләгеҙ. Уның әсәһе миңә лә әсәй кеүек. Асункритос, Флегон, Һермес, Патробас, Һермасҡа һәм улар менән булған имандаштарға сәләм әйтегеҙ. Филологус менән Йүлиәгә, Нәриус менән уның һеңлеһенә, Олумпасҡа һәм улар менән бергә булған бөтөн изгеләргә сәләм. Бер-берегеҙҙе туғандарса яратып, үбеп сәләмләгеҙ. Мәсихтең бөтә берҙәмлектәре һеҙгә сәләм тапшыра. Имандаштар, һеҙгә мөрәжәғәт итәм: үҙегеҙ өйрәнгән тәғлимәткә ҡаршы сығып, шул рәүешле бүленешкә килтереүселәрҙән һәм тоғро юлдан яҙыуға сәбәп тыуҙырыусыларҙан һаҡ булығыҙ һәм уларҙан ситләшегеҙ. Ундай кешеләр Раббыбыҙ Мәсихкә түгел, ә үҙҙәренең ашҡаҙандарына хеҙмәт итә һәм, ышандырырлыҡ һүҙҙәр һөйләп, ялағайланып, ихлас күңеллеләрҙе алдай. Һеҙҙең Һөйөнөслө Хәбәр буйынса йәшәүегеҙ һәммәһенә лә мәғлүм. Шуға күрә мин һеҙҙең өсөн шатланам һәм яҡшылыҡҡа ҡарата зирәк, яманлыҡҡа килгәндә хәйләһеҙ булыуығыҙҙы теләйем. Именлек Аллаһы тиҙҙән Иблисте аяҡтарығыҙ аҫтында иҙәсәк. Раббыбыҙ Ғайсаның мәрхәмәте һеҙҙең менән булһын. Хеҙмәттәшем Тимоҫеус һәм яҡташтарым Лукиос, Ясон менән Сосипатрус һеҙгә сәләм ебәрә. Ошо хатты Паулус һүҙҙәренән яҙыусы мин, Тертиос та, һеҙҙең менән Раббы аша бәйләнгән кеше булараҡ, һеҙҙе сәләмләйем. Берҙән-бер зирәк Аллаға Ғайса Мәсих аша мәңгелек дан булһын! Амин. Алла ихтыяры менән Ғайса Мәсихтең илсеһе булырға саҡырылған Паулустан һәм имандашыбыҙ Сосҫенестән Коринҫостағы имандаштар берҙәмлегенә сәләм! Алла һеҙҙе Үҙенең изгеләре булырға саҡырған, һеҙ ҙә Ғайса Мәсихтә Аллаға бағышланғанһығыҙ. Һеҙгә һәм һәр ерҙә лә Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеменә мөрәжәғәт итеүселәрҙең барыһына ла сәләм. Мәсих – уларҙың һәм беҙҙең Раббыбыҙ. Атабыҙ Алланан һәм Раббы Ғайса Мәсихтән һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек булһын! Һеҙҙең өсөн Аллама һәр ваҡыт рәхмәттәр уҡыйым, сөнки һеҙгә Ғайса Мәсихтә Уның мәрхәмәте бүләк ителде. Шул сәбәпле Ғайса Мәсихтә һеҙ Рух тарафынан бирелгән бөтә нәмәлә: һүҙҙә лә, белемдә лә байынығыҙ. Шуның менән Мәсих тураһындағы беҙ һеҙгә әйткән хәбәрҙең хаҡ икәне иҫбатланды. Шуға күрә, Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең килеүен көткәндә, бер ниндәй ҙә рухи бүләккә мохтажлығығыҙ ҡалманы. Раббыбыҙ Ғайса Мәсих килгән көндә ғәйебегеҙ булмаһын өсөн, Алла үҙегеҙҙе һуңғы көнгә тиклем нығытасаҡ. Ул һеҙҙе Үҙенең Улы Раббыбыҙ Ғайса Мәсих менән аралашыу һәм бәйләнеш булһын тип саҡырған. Алла Үҙ вәғәҙәһенә тоғро. Имандаштар, Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеме менән үтенеп һорайым: барығыҙ ҙа бер һүҙҙә тороғоҙ, арағыҙҙа бүленештәр булмаһын, киреһенсә, бер уйлы һәм бер маҡсатлы булығыҙ. Мин, имандаштарым, арағыҙҙағы ыҙғыш-талаштар хаҡында Хлоа йортондағыларҙан белдем. Арағыҙҙағы «мин – Паулустыҡы», «мин – Аполлостыҡы», «мин – Кефастыҡы», «мин – Мәсихтеке» тип әйткәндәрҙе күҙ уңында тотам. Мәсих бүлгеләндеме ни? Әллә Паулус һеҙҙең хаҡҡа арҡысаҡҡа ҡаҙаҡландымы? Бәлки, һеҙ Паулус исеме менән һыуға сумдырылыу йолаһын үткәнһегеҙҙер? Аллаға шөкөр, мин арағыҙҙан Криспос менән Гайҙан башҡа береһен дә һыуға сумдырманым. Шуға күрә бер кем дә минең исем менән һыуға сумдырылыуы хаҡында әйтә алмай. Хәйер, уларҙан тыш мин Стефанастың өйөндәгеләр менән был йоланы атҡарҙым, әммә тағы берәйһен сумдырыуымды хәтерләмәйем. Ғайса Мәсих мине һыуға сумдырырға түгел, ә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләргә ебәрҙе. Мәсих арҡысағының әһәмиәте юғалмаһын өсөн, вәғәзләгәндә хикмәтле һүҙҙәр ҡулланмайым. Арҡысаҡ тураһындағы хәбәр – һәләкәт юлынан барыусылар өсөн ахмаҡлыҡ, ә беҙгә – ҡотолоу юлынан барыусыларға – Алла ҡөҙрәте. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Аҡыл эйәләренең аҡылын юҡҡа сығарырмын, зиһенлеләрҙең зиһенен тарҡатырмын». Ҡайҙа аҡыл эйәһе? Ҡайҙа ҡанун белгесе? Ҡайҙа был замандың фәлсәфәселәре? Алла был донъяның аҡылын ахмаҡлыҡ тип күрһәтмәнеме ни? Алла Үҙенең зирәк аҡылы менән билдәләгәнсә, донъя үҙ аңы менән Уны танып белә алманы. Шуның өсөн Ул иман тотоусыларҙы ахмаҡлыҡ тип һаналған беҙ вәғәзләгән Һөйөнөслө Хәбәр аша ҡотҡарыуҙы яҡшы күрҙе. Йәһүдтәр мөғжизәләр талап итә, гректар зирәк аҡыл эҙләй. Беҙ иһә арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған Мәсихте вәғәзләйбеҙ, был – йәһүдтәр өсөн мыҫҡыллау, башҡаларға – ахмаҡлыҡ, әммә Алла тарафынан саҡырып алынғандар өсөн, йәһүдме ул, грек булһынмы, Мәсих – Алла ҡөҙрәте һәм Алланың зирәк аҡылы. Алланың «ахмаҡлығы» кеше аҡылынан өҫтөнөрәк, һәм Алланың «көсһөҙлөгө» кеше көсөнән ҡеүәтлерәк. Имандаштар, Алла саҡырған ваҡытта һеҙ кем инегеҙ? Арағыҙҙа, әҙәмсә фекер йөрөткәндә, аҡыллылар ҙа, ҡөҙрәтлеләр ҙә, затлы нәҫелдән булғандар ҙа күп түгел ине бит. Әммә Алла, аҡыллыларҙы һәм көслөләрҙе оятҡа ҡалдырыр өсөн, донъяла ахмаҡ һәм көсһөҙ тип һаналғандарҙы һайлап алды. Әммә һеҙ хәҙер Алла арҡаһында Ғайса Мәсихтәһегеҙ. Ғайса Мәсих беҙҙең өсөн Алланан килгән зирәк аҡыл булды. Ул – беҙҙең аҡланыуыбыҙ, изгелегебеҙ һәм гонаһтарҙан йолоп алыныуыбыҙ. Шулай итеп, Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Маҡтанырға теләүсе Раббы менән маҡтанһын». Имандаштар, Алланың серен вәғәзләү өсөн янығыҙға килгәндә, мин матур һүҙҙәр һөйләргә һәм аҡылымды күрһәтергә уйламаным. Янығыҙҙа булғанымда Ғайса Мәсихтән, йәғни арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған Мәсихтән, башҡа бер ни ҙә белмәҫкә ҡарар иттем. Һеҙгә мин көсһөҙ, баҙнатһыҙ һәм ҡурҡҡан хәлдә килдем. Ә аҡылды беҙ рухи яҡтан өлгөрөп еткән иманлылар араһында вәғәзләйбеҙ. Әммә ул был донъя аҡылы ла, был донъя хакимдарының аҡылы ла түгел – улар бөтөүгә табан бара. Беҙ Алланың донъя яратылғансы уҡ даныбыҙ хаҡына билдәләнгән йәшерен, серле аҡылы тураһында вәғәзләйбеҙ. Был донъялағы бер генә хаким да шул аҡылға төшөнмәгән. Әгәр уны аңлаһалар, шөһрәтле Раббыны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡламаҫтар ине. Әммә Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Үҙен яратыусыларға Алланың нимә әҙерләгәнен бер күҙ ҙә күрмәгән, бер ҡолаҡ та ишетмәгән һәм был турала әҙәм күңеленә бер уй ҙа килмәгән». Беҙгә иһә быларҙы Алла Үҙенең Рухы аша асып бирҙе, сөнки Рух бөтә нәмәгә, хатта Алла аҡылының бөтә тәрәнлектәренә лә үтеп инә. Кешенең уйҙарын уның үҙендәге рухтан башҡа кем белә? Шуның кеүек үк Алла ниәттәрен дә Алла Рухынан башҡа бер кем дә белмәй. Беҙ иһә, Алланың беҙгә нимә бүләк иткәнен аңлау өсөн, был донъя рухын түгел, ә Алланан килгән Рухты алдыҡ. Шуға ла был турала кеше аҡылы өйрәткән һүҙҙәр менән түгел, ә Изге Рух өйрәткән һүҙҙәр менән һөйләйбеҙ. Рухи булған нәмәләрҙе Алла Рухы өйрәткән һүҙҙәр менән аңлатабыҙ. Үҙендә Алла Рухы булмаған кеше Рух күрһәткәндәрҙе ҡабул итә алмай, сөнки уларҙы ахмаҡлыҡ тип һанай; аңлай алмай, сөнки былар тураһында Изге Рух ярҙамында ғына фекер йөрөтөргә мөмкин. Алла Рухына эйә булған кеше иһә бөтә нәмә тураһында ла фекерләй ала, әммә уның үҙе тураһында бер кем дә фекер йөрөтә алмай. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Раббыға кәңәш биреү өсөн Уның ни уйлағанына кем төшөнгән?» Беҙ иһә Мәсих аңына эйәбеҙ, шуға күрә төшөнәбеҙ. Имандаштар, мин һеҙгә Алла Рухына эйә булыусыларға өндәшкән кеүек һөйләй алманым, һеҙгә донъя кешеләренә, Мәсихтәге сабыйҙарға һөйләгән кеүек мөрәжәғәт итергә тура килде. Мин тамағығыҙҙы ҡаты аҙыҡ менән түгел, ә һөт менән туйҙырҙым, ҡаты аҙыҡ менән туҡланырлыҡ түгел инегеҙ. Әле лә әҙер түгелһегеҙ, сөнки һаман да был донъя кешеләре булып ҡалаһығыҙ. Арағыҙҙа көнсөллөк, ыҙғыш-талаш бар икән, ошо һеҙҙең был донъя кешеләре икәнлегегеҙҙе күрһәтмәйме ни? Һеҙ ҙә улар кеүек булып ҡалаһығыҙ түгелме һуң? Әгәр берегеҙ: «Мин – Паулус яҡлы», икенсегеҙ: «Мин – Аполлос яҡлы», – ти икән, һеҙ был донъя кешеләре һымаҡ булаһығыҙ түгелме? Кем ул Аполлос? Кем ул Паулус? Улар фәҡәт хеҙмәтселәр генә. Раббының һәр береһенә ниндәй бурыс йөкмәтеүенә ҡарап, һеҙ улар аша иманға килдегеҙ. Мин сәстем, Аполлос һыу ҡойҙо, үҫтереүен иһә Алла үҫтереп бирҙе. Шулай булғас, сәсеүсе лә, һыу ҡойоусы ла түгел, ә үҫтереүсе Алла мөһим. Ә сәсеүсе менән һыу ҡойоусы бер үк эште башҡара, уларҙың һәр береһе үҙ хеҙмәтенә ҡарап әжерен аласаҡ. Беҙ – Алланың хеҙмәттәштәре, ә һеҙ – Алланың иген баҫыуы, Алланың ҡоролмаһы. Алла тарафынан бирелгән мәрхәмәт буйынса, мин аҡыллы төҙөүсе кеүек нигеҙ һалдым, ә икенсе берәү шул нигеҙҙең өҫтөнә төҙөй. Һәр кем үҙенең нисек төҙөүенә иғтибар итһен. Һалынған нигеҙҙән башҡа төрлөнө бер кем дә һала алмай, ә ул нигеҙ – Ғайса Мәсих. Берәйһе был нигеҙ өҫтөнә алтындан йә көмөштән төҙөймө, аҫылташтарҙан, ағастан, бесәндән йә һаламданмы, һәр береһенең эше асыҡ күренеп торасаҡ, уны хөкөм көнө белдерәсәк. Был көн ут менән асыласаҡ, ә ут инде һәр кемдең эш сифатын һынаясаҡ. Кемдең ҡоролмаһы имен ҡала, шул төҙөүсе әжерен аласаҡ. Ҡоролмаһы янһа – төҙөгән кеше зыян күрәсәк. Үҙе иһә ҡотолоп ҡаласаҡ, әммә ут эсенән сыҡҡандай ҡотоласаҡ. Һеҙ үҙегеҙҙең Алла йорто булыуығыҙҙы һәм һеҙҙә Алла Рухы йәшәүен белмәйһегеҙме ни? Алла йортон емереүсене Алла юҡҡа сығарасаҡ, сөнки Алла йорто изге, ә ул йорт – һеҙ. Үҙ-үҙегеҙҙе алдамағыҙ. Берәйегеҙ был донъя күҙаллауы буйынса үҙен аҡыл эйәһе тип һанаһа, ысынлап та аҡыллы булыр өсөн «аҡылһыҙ» булһын. Был донъяның аҡыллылығы – Алла алдында ахмаҡлыҡ. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Алла аҡыллы баштарҙы үҙҙәренең үк хәйләһенә эләктерә». Һәм тағы: «Раббы белә аҡыл эйәләренең уйҙарын: улар буш-мәғәнәһеҙ». Шулай булғас, бер кем дә кешеләр менән маҡтанмаһын, сөнки бөтә нәмә – һеҙҙеке. Паулус булһынмы, Аполлос, Кефас йә донъямы, йәшәүме әллә үлемме, хәҙергеме йәиһә киләсәкме – бөтөнөһө лә һеҙҙеке. Һеҙ иһә – Мәсихтеке, ә Мәсих – Алланыҡы. Шулай итеп, һәр кем беҙҙе Мәсихтең хеҙмәтселәре һәм Алланың серҙәре ышанып тапшырылған кешеләр тип һанаһын. Ышаныс белдерелгән кешеләрҙең тоғро булыуы талап ителә. Мине һеҙҙең йәки башҡаларҙың хөкөм итеүе бик аҙ ҡыҙыҡһындыра, мин үҙем дә үҙемде хөкөм итмәйем. Үҙемдә бер ниндәй ғәйеп күрмәһәм дә, бының менән аҡланмайым. Фәҡәт Раббы ғына – минең Хөкөмдарым. Шуға күрә ваҡытынан алда хөкөм итмәгеҙ, Раббының килгәнен көтөгөҙ. Ул ҡараңғылыҡта йәшерелгәндәрҙе яҡтыға сығарасаҡ һәм кеше йөрәгендәге ниәттәрҙе асасаҡ. Ул саҡта инде һәр кем Алланың маҡтауын аласаҡ. Имандаштар, мин быларҙы үҙемә һәм Аполлосҡа ҡарата ҡулланып, «яҙылғандан тыш аҡыл һатмаҫҡа» беҙҙең миҫалда өйрәнегеҙ, тип яҙҙым. Шулай итһәгеҙ, кемдер кемделер башҡа берәү алдында маҡтап өҫтөн ҡуймаҫ. Һине кем өҫтөн итеп ҡуйҙы? Юғарынан бирелгәндән тыш, һинең үҙеңдең нимәң бар? Юғарынан бирелгән икән, ни өсөн унан алмаған һымаҡ маҡтанаһың? Һеҙ, инде беҙҙең бөтә нәмәбеҙ ҙә бар, байыныҡ, тип уйлайһығыҙ, хатта беҙҙән башҡа батшалыҡ итә башланығыҙ. Һеҙҙең ысынлап та батшалыҡ итеүегеҙҙе бик теләр инем! Ул ваҡытта беҙ ҙә һеҙҙең менән бергә батша булыр инек. Ә минең уйлауымса, Алла беҙҙе, Үҙенең илселәрен, үлемгә хөкөм ителгән кешеләр кеүек, аренала барған тамашаның аҙаҡҡы өлөшөнә ҡуйҙы. Беҙ донъя, фәрештәләр һәм кешеләр өсөн тамаша булып ҡалдыҡ. Беҙ Мәсих хаҡына иҫәргә әйләндек, һеҙ иһә Мәсихтә аҡылға эйә булдығыҙ. Беҙ көсһөҙ, ә һеҙ – ҡеүәтле. Һеҙҙе хөрмәтләйҙәр, ә беҙҙе хурлайҙар. Беҙ әлегә тиклем асығабыҙ, һыуһайбыҙ, яланғасбыҙ, туҡмалабыҙ һәм урындан урынға күсенеп йөрөргә мәжбүрбеҙ, сөнки баш осонда ҡыйығыбыҙ юҡ. Үҙ ҡулдарыбыҙ менән ауыр хеҙмәт итеп көн күрәбеҙ. Беҙгә ләғнәт уҡыйҙар, ә беҙ фатиха менән яуап бирәбеҙ; беҙҙе эҙәрлекләйҙәр – беҙ түҙәбеҙ. Беҙгә яла яғалар – беҙ яҡшылыҡ менән яуап бирәбеҙ. Донъя өсөн сүп-сар булып ҡалдыҡ һәм әле һаман йәмғиәттең аяҡ аҫтындағы ҡыйыбыҙ. Мин быларҙы һеҙҙе оялтыу өсөн яҙмайым, ни бары хаҡ юлға йүнәлтергә теләйем. Һеҙ бит минең яратҡан балаларым. Бәлки, Мәсихтә меңәрләгән өйрәтеүселәрегеҙ ҙә барҙыр, әммә атайҙарығыҙ күп түгел. Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан итеп, мин Ғайса Мәсихтә атайығыҙ булдым. Шуға күрә үтенеп һорайым: минән өлгө алығыҙ. Ошо маҡсат менән һеҙгә Тимоҫеусты ебәрҙем. Раббыла ул минең ҡәҙерле улым, һәм мин уға таяна алам. Ул һеҙгә Ғайса Мәсихкә эйәреп йәшәү рәүешем хаҡында иҫегеҙгә төшөрөр. Һәр ерҙә, һәр имандаштар берҙәмлегендә мин ошолар тураһында өйрәтәм. Мине янығыҙға бармаҫ тип уйлап, ҡайһы берҙәрегеҙ маһайған. Раббы ихтыярында булһа, оҙаҡламай һеҙгә килермен һәм әле маһайып йөрөүселәрҙең һүҙен түгел, ә ҡеүәтен һынап ҡарармын. Сөнки Алла батшалығы – һүҙҙә түгел, ҡеүәттә. Янығыҙға нисек барыуымды теләйһегеҙ? Таяҡ менәнме, әллә мөхәббәт һәм баҫалҡылыҡ менәнме? Дөрөҫөндә, арағыҙҙа фәхешлек, хатта мәжүсиҙәрҙә лә күҙәтелмәгән фәхешлек булыуы тураһында хәбәрҙәр йөрөй. Берәү үҙенең үгәй әсәһен ҡатыны итеп тота икән. Ә һеҙ илар урынға маһайған булаһығыҙ. Ундай ҡылыҡлы кешене арағыҙҙан ҡыуырға кәрәк ине бит. Мин иһә, тәнем менән булмаған хәлдә лә, күңелем менән үҙемде һеҙҙең арала тойоп, ундай эш ҡылыусыны нисек хөкөм итергә хәл иттем: Раббыбыҙ Ғайса исеме хаҡына йыйылғанығыҙҙа, мин рухым менән янығыҙҙа һәм Раббыбыҙ Ғайсаның ҡөҙрәте лә беҙҙең менән булғанда, ул кешене, Раббы көнөндә рухы ҡотҡарылһын тип, тәнен һәләк итеү өсөн Иблискә тапшырырға кәрәк. Һеҙгә маһайырға һис урын юҡ. Аҙ ғына әсеткенең тотош ҡамырҙы әсетеүен белмәйһегеҙме ни? Шулай булғас, яңы ҡамыр булыу өсөн, һеҙгә иҫке әсеткенән таҙарынырға кәрәк. Ысынында иһә һеҙ – сөсө ҡамыр, сөнки Ҡотҡарылыу байрамы бәрәсе булған Мәсих беҙҙең хаҡҡа ҡорбан ителде. Шуға күрә иҫке әсеткенән – мәкерлек һәм яуызлыҡ әсеткеһенән – бешерелгән икмәк менән түгел, ә сөсө икмәк – сафлыҡ һәм хәҡиҡәт икмәге – менән байрам итәйек. Мин хатымда «фәхеш кешеләр менән аралашмағыҙ» тип яҙғайным. Ләкин мин бөтөнләй донъялағы фәхеш кешеләрҙе, шулай уҡ ҡомһоҙҙарҙы, алдаҡсыларҙы, ялған илаһтарға табыныусыларҙы күҙ уңында тотманым, юғиһә һеҙгә донъянан бөтөнләй үк китергә тура килер ине. Үҙҙәрен имандаштарығыҙ тип атаған көйө фәхешлек, ҡомһоҙлоҡ ҡылған, ялған илаһтарға табынған, яла яҡҡан, эскесе, алдаҡсы кешеләр менән аралашмауығыҙҙы күҙ уңында тоттом, хатта ундайҙар менән бергә ултырып ашамағыҙ ҙа. Арағыҙҙа берәй туғанына дәғүәһе булған кеше изгеләр алдында түгел, ә иманһыҙҙар алдында хөкөм эше ҡуҙғатырға нисек баҙнат итә ала? Донъяның изгеләр хөкөмөнә ҡаласағын белмәйһегеҙме ни? Донъя һеҙҙең хөкөмгә ҡала икән, ваҡ-төйәк эштәрҙе хәл итергә ҡулығыҙҙан килмәйме ни? Фәрештәләрҙе хөкөм итәсәгебеҙҙе лә белмәйһегеҙме әллә? Көнкүреш эштәрен хәл итә алмаҫһығыҙмы ни? Ә һеҙ, көндәлек дәғүәләрҙе хәл итергә кәрәккәндә, берҙәмлектә һүҙенең баһаһы булмағандарҙы хөкөмдар итеп ҡуяһығыҙ. Һеҙҙе намыҫландырыр өсөн әйтәм: арағыҙҙа имандаштар араһындағы бәхәстәрҙе хәл итерлек бер генә аҡыллы кеше лә юҡмы ни? Имандаш менән имандаш дәғүәләшә, өҫтәүенә, был иманһыҙҙар алдында эшләнә! Бер-берегеҙ араһында дәғүәләр булыуы үҙе үк һеҙҙең өсөн тулыһынса еңелеү булып тора. Һеҙгә рәнйетелгән килеш ҡалыу өҫтөнөрәк түгелме? Алданған булып ҡалыу яҡшыраҡ түгелме? Әммә һеҙ үҙегеҙ рәнйетәһегеҙ һәм алдайһығыҙ, имандаштарыбыҙ тип тә тормайһығыҙ. Яуызлыҡ ҡылыусыларҙың Алла батшалығына эйә була алмаясағын белмәйһегеҙме ни? Алданмағыҙ: аҙғындар ҙа, ялған илаһтарға табынғандар, зина ҡылғандар, енси боҙоҡлоҡтарға бирелгәндәр, ир-ат менән енси мөнәсәбәткә ингән ирҙәр ҙә, ҡараҡтар, ҡомһоҙҙар, эскеселәр, яла яғыусылар, алдаҡсылар ҙа – береһе лә Алла батшалығына эйә була алмаясаҡ. Һеҙҙең ҡайһы берҙәрегеҙ бына шундайҙарҙан ине. Әммә Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеме һәм Аллабыҙ Рухы менән йыуылып таҙарындығыҙ, изгеләндегеҙ һәм аҡландығыҙ. Һеҙ: «Миңә бөтә нәмә рөхсәт ителә», – тиһегеҙ. Әммә миңә бөтә нәмә лә файҙалы түгел. «Миңә бөтә нәмә лә рөхсәт ителә», әммә өҫтөмдән бер нәмә лә хакимлыҡ итергә тейеш түгел. Һеҙ: «Ризыҡ – ашҡаҙан өсөн, ашҡаҙан – ризыҡ өсөн һәм Алла тегене лә, быны ла юҡ итәсәк», – тип әйтәһегеҙ. Эйе, әммә тән – фәхешлек итергә түгел, ә Раббы өсөн, Раббы иһә – тән өсөн. Раббы Ғайсаны Алла үленән терелтте. Үҙенең ҡөҙрәте менән Ул беҙҙе лә терелтер. Һеҙ тәндәрегеҙҙең Мәсих тәне ағзалары икәнен белмәйһегеҙме әллә? Шулай булғас, мин, Мәсихтең ағзаларын алып, уларҙы фәхишә ағзалары итә аламмы һуң? Әлбиттә, юҡ! Фәхишә менән ҡушылыусының уның менән бер тән булыуын белмәйһегеҙме ни? Изге Яҙмала былай тип әйтелгән бит: «Икеһе бер тән булыр». Ә инде Раббы менән ҡушылыусы рухи яҡтан Уның менән бер була. Фәхештән ҡасығыҙ. Кеше эшләгән башҡа бөтә гонаһтар – тәндән тышта, ә фәхешлек иткән әҙәм үҙ тәненә ҡаршы гонаһ ҡыла. Һеҙҙең тәнегеҙ – Изге Рух йорто. Изге Рухты һеҙгә Алла бирҙе, һәм Ул һеҙҙә йәшәй. Һеҙ инде үҙегеҙгә тәғәйен түгел. Быны белмәйһегеҙме ни? Һеҙ ҡиммәт хаҡҡа һатып алындығыҙ. Шуның өсөн үҙегеҙҙең тәнегеҙ менән Уны данлағыҙ. Миңә яҙғандарығыҙға киләйек. Һеҙ: «Ир кешегә ҡатын-ҡыҙ менән енси мөнәсәбәткә инмәү яҡшы», – тиһегеҙ. Әммә фәхешлек булмаһын өсөн, һәр ирҙең үҙ ҡатыны һәм һәр ҡатындың үҙ ире булһын. Ир – ҡатынына, ҡатын иренә ҡарата үҙ бурысын үтәһен. Ҡатын үҙ тәненә үҙе хужа түгел, ире хужа. Шуның кеүек, ир ҙә үҙ тәненә үҙе хужа түгел, ә ҡатыны хужа. Икегеҙ килешеп, ҡыҫҡа ваҡытҡа доға ҡылыуға бағышланған ваҡытты һанамағанда, бер-берегеҙҙән ситләшмәгеҙ. Иблис, тотанаҡһыҙлығығыҙҙан файҙаланып, һеҙҙе аҙҙырмаһын өсөн, аҙаҡ тағы бергә булығыҙ. Быны мин әмер итеп түгел, ә мөмкинлек биреп әйтәм. Бөтөнөһөнөң дә минең кеүек булыуҙарын теләр инем. Әммә һәр кемдең Алланан бирелгән һәләте бар: береһенең бер төрлө, икенсеһенең икенсе төрлө. Никахта тормағандарға һәм тол ҡатындарға шуны әйтәм: уларға минең кеүек яңғыҙ йәшәү яҡшыраҡ булыр. Әммә тыйыла алмаһалар, тормош ҡорһондар, сөнки енси дәрт менән янып йөрөүгә ҡарағанда никахҡа инеү яҡшыраҡ. Өйләнешкәндәргә мин түгел, Раббы әмер бирә: ҡатын иренән айырылмаһын. Әгәр айырыла икән, ирһеҙ торһон, йәки үҙ ире менән яңынан килешһен. Ир ҙә үҙ ҡатынын ташламаһын. Башҡаларға Раббы түгел, мин әйтәм: әгәр берәй имандашыңдың ҡатыны иманһыҙ булып, ҡатын уның менән йәшәргә риза икән, иманлы ир уны ташламаҫҡа тейеш. Берәй ҡатындың ире иманһыҙ булып, әммә ир уның менән йәшәргә риза булһа, ҡатын уны ташламаҫҡа тейеш. Сөнки иманһыҙ ирҙең – иманлы ҡатын аша һәм иманһыҙ ҡатындың иманлы ир аша изгелеккә ҡатнашы бар, юҡһа балаларығыҙ саф булмаҫ ине, ә хәҙер был изгелеккә уларҙың да ҡатнашы бар. Иманы булмаған айырылырға теләй икән, айырылһын. Бындай осраҡта иманлы ир йәки ҡатын-ҡыҙ иман тотмаусы менән бәйләнмәгән. Алла беҙҙе именлектә йәшәргә саҡырҙы. Ҡатын кеше, ҡайҙан беләһең, бәлки, иреңде ҡотҡарыуға килтерерһең? Йәки һин, ир кеше, бәлки, ҡатыныңды ҡотҡара алырһың? Бүтән осраҡтарҙа һәр кем Раббы билдәләгәнсә һәм Алла саҡырғандағы кеүек йәшәһен. Бөтә берҙәмлектәргә күрһәтмәм шундай. Берәйһен Алла сөннәтле килеш саҡырған икән, ул кеше сөннәт эҙен юҡ итмәһен. Сөннәтһеҙ килеш саҡырылһа, шул көйө ҡалһын. Сөннәтле йәки сөннәтһеҙ булыуҙың әллә ни әһәмиәте юҡ, Алла бойороҡтарын үтәү генә мөһим. Аллаға кем ниндәй хәлдә саҡырылған, шундай булып ҡалһын. Ҡол итеп саҡырылһаң, борсолма. Ә инде ирекле булыу мөмкинлеге килеп сыҡһа, ул мөмкинлектән файҙаланыу яҡшыраҡ. Раббы тарафынан саҡырылған ҡол – Раббының ирекле кешеһе. Шулай уҡ ирекле хәлдә саҡырылған – Мәсихтең ҡоло. Һеҙҙең өсөн ҡиммәт хаҡ түләнде. Шуның өсөн кешеләрҙең ҡоло булмағыҙ. Имандаштар, Аллаға ниндәй хәлдә саҡырылған булһағыҙ, Уның алдында шундай булып ҡалығыҙ. Никахҡа инмәгән ҡыҙҙарға ҡарата Раббы тарафынан бирелгән әмерем юҡ, фәҡәт шәхси фекеремде әйтәм. Ә миңә, Раббының мәрхәмәте менән, ышанырға мөмкин, тип уйлайым. Хәҙерге ауыр заманды иҫтә тотоп, кешенең өйләнмәгән хәлдә ҡалыуын яҡшы тип иҫәпләйем. Һин ҡатының менән йәрәшеп ҡушылдыңмы? Улай булғас, айырылыу тураһында уйлама. Ҡатынһыҙ ҡалдыңмы? Ҡатын эҙләмә. Шулай ҙа өйләнһәң дә гонаһ түгел. Ҡыҙ кеше лә, кейәүгә сыҡһа, гонаһ ҡылмаҫ. Әммә ундайҙарҙың был тормошо мәшәҡәтле булыр. Мин һеҙҙе бынан ҡурсаларға теләйем. Имандаштар, һеҙгә шуны әйтәм: ваҡыт аҙ ҡалды, шулай булғас, бынан ары ҡатынлылар – ҡатынһыҙ кеүек, илағандар – иламағандар кеүек, ҡыуанғандар – ҡыуанмағандар кеүек, һатып алғандар – бер нәмәгә лә эйә булмағандар кеүек, был донъя менән файҙаланғандар файҙаланмағандар кеүек булһын. Сөнки был донъя хәҙерге рәүешендә кире ҡайтмаҫҡа үтеп бара. Ә мин һеҙҙең артыҡ мәшәҡәттәрһеҙ йәшәүегеҙҙе теләйем. Өйләнмәгән әҙәм, Раббыға ярарға тырышып, Уның эштәре хаҡында хәстәрлек күрә. Ә өйләнгәне иһә, ҡатынына ярарға тырышып, донъяуи эштәрҙе ҡайғырта һәм ике яҡҡа өҙгөләнә. Ирһеҙ ҡатын йәки кейәүгә сыҡмаған ҡыҙ, тәне менән дә, йәне менән дә изге булыу өсөн, Раббы эштәре тураһында хәстәрлек күрә. Ә кейәүгә сыҡҡан ҡатын, иренә ярарға тырышып, донъяуи мәшәҡәттәрҙе хәстәрләй. Мин быны һеҙҙе сикләү өсөн түгел, ә хаҡ эшләүегеҙҙе һәм, иғтибарығыҙҙы ситкә йүнәлтмәйенсә, Раббыға туҡтауһыҙ хеҙмәт итеп йәшәүегеҙҙе теләп, һеҙҙең файҙаға әйтәм. Әгәр берәйһе һөйгән ҡыҙына ҡарата килешһеҙ эш ҡылам тип һанаһа һәм дәртен тыйырға көсө етмәгәне өсөн өйләнергә кәрәк тип тапһа, үҙе теләгәнсә эшләһен – гонаһ түгел, ундайҙар өйләнһен. Ә инде берәйһе күңелендә ныҡлы ҡарар ҡылып, бер кем мәжбүр итмәһә лә, үҙенең тойғоларына тулыһынса баш булып, ҡыҙға өйләнмәҫкә ҡарар итә икән, яҡшы эшләй. Шулай итеп, ҡыҙын кәләш итеп алғаны яҡшы, өйләнмәгәне тағы ла яҡшыраҡ эшләй. Ире иҫән саҡта ҡатын уға бәйле. Ире вафат булһа, ҡатын теләгәненә кейәүгә сығырға ирекле, әммә Раббыға инаныусыға ғына. Кейәүгә сыҡмаһа, ул бәхетлерәк булыр ине – был минең фекерем һәм миндә лә Алла Рухы бар тип уйлайым. Ялған илаһтарға ҡорбан ителгән иткә килгәндә, «был турала бөтәбеҙҙең дә белемебеҙ бар» тиһегеҙ. Был ысынлап та шулай. Әммә белем кешене һауалы итә, ә мөхәббәт – нығыта. Берәйһе нимәнелер беләм тип уйлай икән, ул тейешле кимәлдә белмәй әле. Алланы яратыусы иһә Алла тарафынан таныла. Шулай итеп, ялған илаһтарға ҡорбан ителгән ит менән туҡланыуға килгәндә, беҙ шуны беләбеҙ: донъяла ялған илаһтар бер әһәмиәткә лә эйә түгел һәм берҙән-бер Алланан башҡа бер ниндәй илаһ та юҡ. Ерҙә йәки күктә илаһ тип аталғандар булған хәлдә лә (ә ундай «илаһтар» ҙа, «хужалар» ҙа ысынлап та күп), Аллабыҙ берәү генә – беҙҙең Атабыҙ. Бөтә нәмә – Унан, Ул беҙҙең йәшәйешебеҙҙең маҡсаты. Раббыбыҙ ҙа берәү – Ғайса Мәсих, бөтә нәмә Уның аша булдырылды һәм беҙ Уның аша йәшәйбеҙ. Барыһы ла бындай белемгә эйә түгел бит. Ҡайһы берәүҙәр әле һаман ялған илаһтар тураһындағы элекке ҡараштарҙан баш тартмай. Ҡайһы берәүҙәр ялған илаһтарға шул тиклем күнеккән, килтерелгән ҡорбан итен ашағанда, ялған илаһтарға бағышланған ит тип ҡабул итәләр, шуның менән көсһөҙ выждандары бысрана. Ризыҡ беҙҙе Аллаға яҡынайтмай. Ашау менән бер нәмәгә лә өлгәшмәйбеҙ, ашамау менән дә бер нәмә лә юғалтмайбыҙ. Әммә һаҡ булығыҙ: һеҙҙең был азатлығығыҙ бер нисек тә көсһөҙҙәр өсөн абынырға сәбәп булмаһын. Әгәр берәйһе һинең, белемле кешенең, ялған илаһ йортонда ашап ултырыуыңды күреп ҡалһа, выжданы көсһөҙ булғанлыҡтан, ялған илаһтарға ҡорбан ителгән итте ашарға ярай, тип ҡыҙыҡмаҫмы? Ул саҡта һинең белемең выжданы көсһөҙ булған имандашыңды һәләк итер, Мәсих уның өсөн дә үлде бит. Һеҙ имандаштарығыҙға ҡарата ошо рәүешле гонаһ ҡылыуығыҙ һәм уларҙың көсһөҙ выжданын яралауығыҙ менән Мәсихкә ҡарата гонаһ ҡылаһығыҙ. Бына шуға күрә, мин ашаған ризыҡ имандашымды гонаһҡа төшөрөүгә сәбәпсе булһа, уны гонаһҡа этәрмәҫ өсөн ғүмерем буйына ит ашамам. Мин ирекле түгелме ни? Әллә Мәсихтең илсеһе түгелменме? Раббыбыҙ Ғайсаны күрмәнемме йә һеҙ Раббыға хеҙмәт итеүемдең һөҙөмтәһе түгелме? Башҡалар өсөн, бәлки, илсе түгелмендер, әммә һеҙҙең өсөн – илсемен, сөнки һеҙҙең Раббыла булыуығыҙ илселегемде дәлилләп тора. Мине ғәйепләүселәргә үҙемде яҡлап шулай тип яуап бирәм: ризыҡ һәм эсемлек алырға хаҡыбыҙ юҡмы әллә? Йә башҡа илселәр, Раббының ҡустылары һәм Кефас кеүек, иман юлындағы ҡатыныбыҙҙы сәйәхәткә алырға хаҡыбыҙ юҡмы? Йәиһә Барнабас менән мин генә йәшәү өсөн эшләргә тейешбеҙме? Ҡайһы ғәскәриҙең ҡасан да булһа үҙ иҫәбенә хеҙмәт иткәне бар? Ниндәй баҡсасы үҙе ултыртҡан йөҙөм емештәрен ашамай? Ҡайһы көтөүсе үҙенең көтөүенән һөт эсмәй? Мин быларҙы әҙәмсә фекерләп һөйләйемме? Ҡанун да ошо хаҡта әйтә түгелме һуң? Муса ҡанунында былай тип яҙылған бит: «Ашлыҡ һуҡҡан үгеҙҙең ауыҙын ҡаплап ҡуйма». Алла үгеҙҙәр хаҡында ғына хәстәрлек күрәме ни? Әллә ул һүҙҙәр беҙҙең өсөн әйтелгәнме? Әлбиттә, был беҙҙең өсөн яҙылған, сөнки һөргән кеше уңыштан үҙенә лә өлөш сығыр тигән өмөт менән һөрөргә, ашлыҡ һуғыусы ла шундай уҡ өмөт менән һуғырға тейеш. Беҙ күңелдәрегеҙҙә рухи орлоҡ сәскәнбеҙ икән, матди уңыш алырға өмөтләнеп, һеҙҙән күпте талап итәбеҙме ни? Башҡаларҙың һеҙҙән ярҙам алырға хоҡуғы булғанда, беҙҙеке күберәк түгелме һуң? Әммә беҙ был хоҡуҡтан файҙаланманыҡ, Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыуға ҡамасауламаҫ өсөн, барыһына ла түҙәбеҙ. Алла йортонда хеҙмәт итеүселәрҙең шул Йорттан туҡланыуҙарын белмәйһегеҙме әллә? Ҡорбан усағында хеҙмәт иткәндәр ҙә шундағы ҡорбандан өлөш ала, быны ла белмәйһегеҙме? Шуның һымаҡ, Раббы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләүселәргә шул хеҙмәт иҫәбенә йәшәргә ҡушҡан. Әммә мин ул хоҡуҡтарҙың береһен дә файҙаланманым. Был һүҙҙәрҙе лә һеҙҙән ярҙам көткән өсөн яҙмайым. Киреһенсә, мин хатта үлергә лә әҙермен! Бының менән маҡтаныу хоҡуғынан мине бер кем дә мәхрүм итә алмай. Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләйем икән, маҡтанырға бер сәбәбем дә юҡ, сөнки был – минең өсөн мотлаҡ булған вазифа. Әгәр вәғәзләүҙән туҡтаһам, ҡайғы миңә! Үҙ теләгем менән вәғәзләһәм, әжере булыр ине. Әммә үҙ теләгем менән башҡармайым икән, ни бары үҙемә ышанып тапшырылған хеҙмәтте үтәйем. Әжерем ниҙә һуң? Ул шунан ғибәрәт: мин Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләгәндә, был хеҙмәтте бушлай атҡарам, үҙ хоҡуҡтарымды файҙаланмайым. Бар нәмәнән азат булһам да, мөмкин тиклем күберәк кешене Мәсихкә килтереү өсөн, үҙемде бөтөнөһөнә ҡол иттем. Йәһүдтәрҙе Мәсихкә килтереү өсөн, уларға йәһүд кеүек булдым, ҡанунға буйһонғандарҙы Мәсихкә килтереү өсөн, үҙем ҡанун аҫтында булмаһам да, улар янында ҡанунға буйһоноусы кеүек булдым, ҡанунға ят булғандарҙы Мәсихкә килтереү өсөн, улар янында ҡанунды белмәүсе кеүек булдым. Әлбиттә, был Алла алдында ҡанунһыҙ йәшәйем тигәнде аңлатмай, сөнки мин Мәсих ҡанунына буйһонам. Көсһөҙҙәрҙе Мәсихкә килтереү өсөн, улар янында көсһөҙ булдым. Нисек булһа ла, һис юғы бер нисәүһен ҡотҡарыу өсөн, мин бөтәһе өсөн барыһына әйләндем. Һөйөнөслө Хәбәрҙең фатихаларын уртаҡлашыу өсөн, быларҙың һәммәһен дә Һөйөнөслө Хәбәр хаҡына башҡарам. Ярыш майҙанында бөтөнөһө йүгерһә лә, берәүҙең генә бүләк алғанын белмәйһегеҙме ни? Шулай булғас, бүләк алыу өсөн йүгерегеҙ. Ярышта ҡатнашҡандарҙың барыһы ла ныҡлап әҙерләнә. Улар быны һулып ҡала торған таж алыу өсөн эшләһә, беҙ ынтылған таж бер ҡасан да һулымай. Шуға күрә лә мин маҡсатһыҙ йүгергән кеше кеүек йүгермәйем, һауаға һуғыусы кеүек тә киҙәнмәйем. Башҡаларға Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан итеп тә, үҙем әжеренән ҡоро ҡалмаҫ өсөн, тәнемде сыныҡтырам һәм уны үҙ ихтыярыма буйһондорам. Имандаштар, ата-бабаларығыҙ менән булып уҙған хәлдәрҙе иҫегеҙгә төшөрөргә теләйем. Уларҙың бөтәһе лә болот аҫтында булған һәм диңгеҙ аша үткән. Бөтәһе лә шул болотҡа һәм диңгеҙгә һыуға сумдырылғандай, Мусаның эйәрсендәре булып киткәндәр, һәммәһе лә бер үк рухи ризыҡ менән туҡланған һәм бөтәһе лә бер үк рухи эсемлекте эскән. Улар бит үҙҙәренең артынан килгән рухи ҡаянан эскән, ә был ҡая – Мәсих. Әммә Алла уларҙың күбеһенә риза булманы, шунлыҡтан кәүҙәләре сүллектә ятып ҡалды. Улар менән булған хәлдәр – беҙҙең өсөн иҫкәртеү: беҙ, уларҙан айырмалы, яуызлыҡҡа әүәҫ булырға тейеш түгелбеҙ. Шулай уҡ, ҡайһы берҙәре кеүек, ялған илаһтарға табыныусылар булмағыҙ. Улар хаҡында Изге Яҙмала: «Халыҡ ашарға-эсергә кереште, артабан инде күңел асырға тотондо», – тип әйтелгән. Бәғзе берәүҙәр кеүек фәхешлек итмәйек – бер көн эсендә уларҙың егерме өс меңе һәләк булды. Ҡайһы берәүҙәр кеүек Мәсихте һынамайыҡ – улар йылан саҡҡандан үлде. Зарланмағыҙ, уларҙың бәғзеләре зарланып, йән алыусы фәрештә тарафынан ҡырылды. Был хәлдәрҙең барыһы ла башҡаларға һабаҡ булһын өсөн эшләнгән, һәм беҙҙе, ахырызаман яҡынлашҡан саҡта йәшәгәндәрҙе, иҫкәртеп яҙылған. Шуның өсөн, аяғымда ныҡ баҫып торам, тип уйлаған һәр кем йығылмаҫ өсөн һаҡ булһын. Һеҙ ябай әҙәм хәленән килгән һынауҙарға ғына дусар булдығыҙ. Алла ышаныслы, һәм Ул көсөгөҙ етмәҫлек һынауҙарға юл ҡуймаясаҡ. Һынауҙарҙы йырып сығыр өсөн, Ул әмәлен дә күрһәтәсәк. Шуға күрә, һөйөклөләрем, ялған илаһтарға табыныуҙан ҡасығыҙ. Мин һеҙгә аҡыллы кешеләргә әйткән кеүек өндәшәм, әйткәндәрем тураһында үҙегеҙ уйлағыҙ. Беҙ Аллаға рәхмәт белдергән шөкөр туҫтағынан эсәбеҙ. Был һәммәбеҙҙең дә Мәсих ҡанында ҡатнашлығы барлығын аңлатмаймы? Беҙ икмәкте бүлеп алабыҙ һәм ашайбыҙ. Был бөтәбеҙҙең дә Мәсих тәнендә өлөшө барлығын аңлатмаймы ни? Икмәк берәү, һәм беҙ, күмәк булһаҡ та, бер тәнде тәшкил итәбеҙ, сөнки бер икмәкте уртаҡлашабыҙ. Исраил халҡына ҡарағыҙ: килтерелгән ҡорбан итен ашаусылар ҡорбан усағындағы ғибәҙәттә ҡатнашыусылар түгелме ни? Бының менән нимә әйтергә теләйем? Ялған илаһтарға килтерелгән ҡорбан берәй әһәмиәткә эйә типме, әллә илаһ үҙе берәй мәғәнәгә эйә типме? Әлбиттә, юҡ. Әммә мәжүсиҙәр Аллаға түгел, ендәргә ҡорбан сала. Ә мин һеҙҙең ендәр менән аралашыуығыҙҙы теләмәйем. Раббы туҫтағынан да, ен туҫтағынан да бер юлы эсә алмайһығыҙ. Раббының да, ендең дә табынында бер юлы ҡатнашыу мөмкин түгел. Беҙ Раббыла көнсөллөк тыуҙырырға теләйбеҙме ни? Әллә Унан ҡөҙрәтлерәкбеҙме? Һеҙ: «Бөтә нәмә рөхсәт ителә», – тиһегеҙ, әммә барыһы ла файҙалы түгел. «Бөтә нәмә рөхсәт ителә», әммә бөтә нәмә лә һабаҡ булып хеҙмәт итмәй. Һәр кем үҙенә файҙа булғанды түгел, ә башҡаға файҙалыны эҙләһен. Ит баҙарында һатылған нәмәләрҙе тыныс күңел менән ашағыҙ, уның ҡайҙан алыныуы тураһында һорашмағыҙ. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Ер йөҙө һәм ундағы бөтә нәмә Раббыныҡы». Әгәр иманһыҙҙарҙың береһе һеҙҙе үҙенә саҡырһа һәм һеҙ унда барырға теләһәгеҙ, тәҡдим ителгән барлыҡ ризыҡты тыныс күңел менән ашағыҙ, уның ҡайҙан алыныуы тураһында һорашмағыҙ. Әгәр инде берәйһе: «Был ҡорбан ите», – тиһә, шул хәбәрҙе әйтеүсе өсөн һәм выждан хаҡына ашамағыҙ. Выждан тигәндән, һеҙҙең выжданығыҙҙы түгел, ә шул кешенекен күҙ уңында тотам. Ни өсөн әле минең азатлығым башҡа берәүҙең выжданы менән сикләнергә тейеш? Әгәр ризыҡты рәхмәт доғаһы ҡылып ҡабул итәм икән, ни өсөн мине был ризыҡ өсөн шелтәләргә? Шулай итеп, ашайһығыҙмы, эсәһегеҙме, әллә башҡа берәй нәмә эшләйһегеҙме – бөтәһен дә Алла даны өсөн башҡарығыҙ. Йәһүдтәргә лә, йәһүд булмағандарға ла, Алла берҙәмлегенә лә ҡаршылыҡ булып тормағыҙ. Мин дә үҙ файҙама түгел, ә күптәрҙең файҙаһы хаҡында хәстәрлек күрәм, бар нәмәлә уларға ярарға тырышам, сөнки уларҙың ҡотолоуын теләйем. Мин Мәсихтән өлгө алған кеүек, һеҙ ҙә минән өлгө алығыҙ. Һәр нәмәлә мине иҫегеҙҙән сығармауығыҙ һәм мин һеҙгә еткергән тәғлимәтте теүәл үтәүегеҙ өсөн һеҙҙе маҡтайым. Йәнә мин шуны белеүегеҙҙе теләйем: һәр ирҙең Башы – Мәсих, ҡатындың башы – ир, ә Мәсихтең Башы – Алла. Башын ҡаплап доға ҡылған йәки пәйғәмбәрлек иткән һәр ир үҙенең башын оятлы итә. Ә башын ҡапламайынса доға ҡылған йәки пәйғәмбәрлек иткән ҡатын үҙенең башын оятлы итә, сөнки был хәл ҡатындың сәсе ҡырылыуға бәрәбәр. Ҡатын башына ябынырға теләмәй икән, сәсен ҡырҡтырып ташлаһын, ә инде сәсенең алыныуы йәки ҡырылыуы оят булһа, ул саҡта башына ябынһын. Шулай итеп, ир кеше башына кейергә тейеш түгел, сөнки ул – Алла һыны һәм даны, ә ҡатын – ирҙең даны. Ир – ҡатындан түгел, ә ҡатын ирҙән ҡылынған, һәм ир – ҡатын өсөн түгел, ә ҡатын ир өсөн яратылған. Шуға күрә, фәрештәләр арҡаһында, ҡатын кеше үҙ башына хаким булырға тейеш. Хәйер, Раббыла ир – ҡатынға, ҡатын иргә бәйле. Ҡатын ирҙән ҡылынһа ла, ир ҡатындан тыуа, әммә бөтә нәмә лә Алланан барлыҡҡа килә. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: ҡатын кешегә башына ябынмайынса Аллаға доға ҡылыу килешерме? Ир кешенең оҙон сәс йөрөтөүе уның өсөн хурлыҡ икәнлеген тәбиғәт үҙе өйрәтә түгелме һуң? Ҡатын кешенең сәсе оҙон булһа, был уның өсөн дан түгелме ни? Сәс уға япма рәүешендә бирелгән дә баһа. Кемдер был хаҡта бәхәсләшергә теләһә, белһен: беҙҙә лә, Алла берҙәмлектәренең башҡаларында ла икенсе төрлө ғәҙәт юҡ. Артабанғы күрһәтмәләремә күсәм. Һеҙҙе йыйылыштарҙағы ҡылыҡтарығыҙ өсөн маҡтай алмайым: уларҙың файҙаһына ҡарағанда зыяны күберәк. Беренсенән, берҙәмлектәге йыйылыштарҙа айырым төркөмдәргә бүленеүегеҙ тураһында ишетеп торам, һәм быға мин ниндәйҙер дәрәжәлә ышанам. Әлбиттә, кемегеҙҙең тоғро икәнлеге һынау аша асыҡланһын өсөн, арағыҙҙа ҡараш айырымлыҡтары да булыуы кәрәк. Әммә һеҙҙең бергә йыйылыуығыҙ Раббының ашын уртаҡлашыу тигән һүҙ түгел бит. Һәр берегеҙ үҙ ризығына йәбешә, шунан берәүҙәр ас ҡала, икенселәр иҫергәнсе ашап-эсә. Һеҙҙең нимә, ашап-эсергә өйөгөҙ юҡмы ни? Әллә һеҙ Алла берҙәмлеген һанға һуҡмайһығыҙ һәм мохтаж булғандарҙы кәмһетәһегеҙме? Һеҙгә ни тип әйтергә? Маҡтарғамы? Юҡ, бының өсөн һеҙҙе маҡтамайым. Һеҙгә биргән өйрәтеүҙәремде мин Раббынан алдым. Раббы Ғайса хыянат ителә торған төндә ҡулына икмәк алып шөкөр итте лә, уны һындырып, былай тине: «Был – һеҙҙең өсөн ҡорбанға бирелә торған тәнем. Минең иҫтәлегемә шулай эшләгеҙ». Шулай уҡ киске аштан һуң кәсә алды ла былай тине: «Был кәсә – ҡаным менән раҫланған яңы килешеү. Уны эскән һайын Минең иҫтәлегемә эсегеҙ». Ошоноң менән был икмәкте ашаған һәм был кәсәнән эскән һайын һеҙ Раббы килгәнгә тиклем Уның үлемен иғлан итәһегеҙ. Шулай итеп, кемдер лайыҡһыҙ рәүештә Раббының икмәген ашаһа һәм Уның туҫтағынан эсһә, Раббының тәне һәм ҡанына ҡарата ғәйепле буласаҡ. Шуға ла икмәкте ашар һәм туҫтаҡтан эсер алдынан кеше үҙен һынап ҡарарға тейеш. Раббы тәненә әһәмиәт бирмәйенсә ашаған һәм эскән кеше шул ашап-эсеүе менән үҙен хөкөмгә дусар итә. Шуның өсөн дә күбегеҙ хәлһеҙ һәм ауырыу, вафат булғандар ҙа аҙ түгел. Әгәр беҙ үҙебеҙҙе үҙебеҙ һынаһаҡ, хөкөмгә дусар булмаҫ инек. Хөкөм иткәндә иһә, донъя менән бергә хөкөм ителмәҫ өсөн, Раббы беҙгә язаһын бирә. Шуға күрә, имандаштарым, Раббы ашына йыйылған саҡта бер-берегеҙҙе көтөгөҙ. Йыйылыуығыҙ Алла тарафынан хөкөм ителмәһен өсөн, ас кеше өйөндә ашаһын. Башҡа күрһәтмәләрҙе янығыҙға барғас бирермен. Изге Рух тарафынан бирелгән бүләктәргә килгәндә иһә, имандаштар, улар тураһында белмәй ҡалыуығыҙҙы теләйем. Хәтерегеҙҙәлер, Мәсихкә ышанмаған сағығыҙҙа нимәлер һеҙҙе телһеҙ ялған илаһтарға этәрҙе. Шуның өсөн һеҙгә әйтәм: Алла Рухы менән һөйләүсе бер кем дә «Ғайсаға ләғнәт төшһөн!» тимәй һәм, үҙендә Изге Рух булмаһа, «Ғайса – Раббы» тип әйтә алмай. Изге Рух биргән бүләктәр төрлө, әммә Рух бер үк. Хеҙмәт итеүҙең төрҙәре күп, әммә бөтөнөбөҙ ҙә хеҙмәт иткән Раббы бер үк. Ғәмәлдәрҙең төрлөһө бар, әммә уларҙың барыһын да беҙҙә бер үк Алла булдыра. Ләкин Рухтың һәр береһендә уртаҡ файҙаға эш итеүе күренә. Берәүгә Рух аша – аҡыл һүҙе, икенсеһенә Уның аша белем һүҙе бирелә. Башҡа берәүгә шул уҡ Рух тарафынан махсус иман бирелә, икенсеһенә дауалап-һауыҡтырыу һәләте бүләк ителә. Берәүгә – мөғжизә күрһәтеү, икенсеһенә – пәйғәмбәрлек итеү, ҡайһы береһенә – рухтың ысынлап та Аллананмы икәнен айыра белеү, кемгәлер – бүтән төрлө телдәрҙә һөйләү һәләте, ә кемеһенәлер был телдәрҙә әйтелгәнде аңлата белеү һәләте бирелә. Быларҙың барыһын да һәр кемгә бүләкте Үҙе теләгәнсә бүлеп биргән бер үк Рух башҡара. Мәсих – күп ағзаларға эйә булған тән кеүек; тән күп ағзаларҙан торһа ла, бер бөтөндө тәшкил итә. Беҙ һәммәбеҙ ҙә: йәһүдтәр һәм гректар, ҡолдар һәм иреклеләр, бер Рух менән сумдырылып, бер тән булдыҡ һәм барыбыҙға ла бер үк Рухтан эсеү бирелде. Был тән бер ағзанан түгел, күп ағзаларҙан тора. Әгәр аяҡ: «Мин ҡул түгелмен, шуға күрә мин тәндеке түгел», – тиһә, шуның өсөн генә тәндең бер ағзаһы булыуҙан туҡтармы? Йәиһә ҡолаҡ: «Мин күҙ түгелмен, шуға күрә мин тәндеке түгел», – тиеү менән генә тән ағзаһы булып тормаҫмы? Әгәр бөтөн тән тик күҙҙән генә торһа, нисек ишетә алыр ине? Тотош ҡолаҡтан ғына торһа ла, еҫ һиҙеү тойғоһо ҡайҙан булыр ине? Әммә Алла тәндә ағзаларҙың һәр береһен Үҙе теләгәнсә урынлаштырған. Әгәр бөтөнөһө бер генә ағза булһа, тән ҡайҙа булыр ине һуң? Һөҙөмтәлә ағзалар күп, әммә тән берәү генә. Күҙ ҡулға: «Һин миңә кәрәк түгел», – тип, йәки баш аяҡтарға: «Һеҙ миңә кәрәк түгел», – тип әйтә алмай. Киреһенсә, тәндең хәлһеҙерәк күренгән ағзаһы нығыраҡ кәрәк. Беҙ тәндең күркәм түгел тип һанаған урындарын нығыраҡ хәстәрләп кейендерәбеҙ. Ә килешһеҙ һаналған өлөштәрен айырыуса ентекләп йәшерәбеҙ. Ағзаларҙың береһе яфаланһа, башҡалары ла уның менән бергә яфа күрә. Береһе ҡәҙерләнһә, ағзаларҙың барыһы ла уның менән бергә шатлана. Һеҙ – Мәсихтең тәне, ә айырым-айырым – шул уҡ тәндең ағзалары. Алла Үҙ берҙәмлегендә, беренсенән, илселәр, икенсенән, пәйғәмбәрҙәр, өсөнсөнән, өйрәтеүселәр ҡуйған. Артабан ҡайһы берәүҙәргә мөғжизә күрһәтеү һәләте, дауалап-һауыҡтырыу, башҡаларға – ярҙам күрһәтеү, идара итеү һәм бүтән төрлө телдәрҙә һөйләү һәләте бирелгән. Бөтәһе лә илселәрме? Бөтәһе лә пәйғәмбәрҙәрме? Бөтәһе лә өйрәтеүселәрме? Бөтәһе лә мөғжизә тыуҙырыусылармы? Барыһының да дауалап-һауыҡтырыу һәләте бармы? Һәммәһе лә бүтән төрлө телдәрҙә һөйләшәме? Барыһы ла был телдәрҙе аңлата аламы? Юғарыраҡ бүләктәргә ынтылығыҙ. Хәҙер мин һеҙгә иң яҡшы юлды күрһәтәм. Кешеләрҙең һәм фәрештәләрҙең телдәрендә һөйләшеп тә, мөхәббәтем юҡ икән, ул саҡта мин – ни бары баҡыр һауыт зыңлауы йәки яңғырап торған һуҡма тәрилкәләр сыңы. Пәйғәмбәрлек һәләтем булһа ла, барлыҡ серҙәрҙе һәм һәр төрлө ғилемде белһәм дә, тауҙар күсерерлек иманым булһа ла, мөхәббәтем юҡ икән, мин бер ни ҙә түгел. Бөтә мөлкәтемде ярлыларға өләшеп, маҡтаныу өсөн тәнемде үлемгә тапшырһам да, мөхәббәтем юҡ икән, миңә бынан бер ниндәй ҙә файҙа булмаҫ. Мөхәббәт түҙемле, шәфҡәтле, мөхәббәт көнләшмәй, маһаймай, һауаланмай. Мөхәббәт әҙәпһеҙ ҡыланмай, үҙенә файҙа эҙләмәй, ярһымай, кенә тотмай. Мөхәббәт ғәҙелһеҙлеккә һөйөнмәй, хәҡиҡәткә шатлана. Ул бөтәһенә лә түҙә, бөтә нәмәгә ышана, һәр саҡ өмөтләнә һәм сабыр итә. Мөхәббәт бер ваҡытта ла һүрелмәҫ, әммә пәйғәмбәрлек итеүҙәр туҡтар, бүтән төрлө телдәр тыныр, белем дә юҡҡа сығыр. Беҙҙең белемебеҙ ҙә, пәйғәмбәрлек итеүебеҙ ҙә өлөшләтә генә. Камиллыҡ килеү менән был өлөшләтә булған нәмәләр әһәмиәтен юғалтасаҡ. Мин бәләкәс сағымда балаларса һөйләнем, балаларса уйланым, балаларса фекер йөрөттөм, ә инде ир ҡорона ингәс, сабыйҙарса эшләүҙән туҡтаным. Әле беҙгә һәммәһе лә көҙгөләге тоноҡ сағылыш кеүек күренә, ваҡыты еткәс иһә йөҙгә йөҙ күрәсәкбеҙ. Минең белемем әлегә өлөшләтә, үҙ мәлендә, Алла мине тулыһынса белгән кеүек, мин дә тулыһынса беләсәкмен. Бына һәр ваҡыт буласаҡ өс нәмә: иман, өмөт һәм мөхәббәт. Улар араһында мөхәббәт – иң бөйөгө. Мөхәббәтте маҡсат итеп, Изге Рухтан килгән бүләктәргә, бигерәк тә пәйғәмбәрлек итеү бүләгенә ынтылығыҙ. Бүтәндәргә аңлашылмаған телдә һөйләүсе әҙәм кешеләргә түгел, ә Аллаға һөйләй, уны бит бер кем дә аңламай, ул Изге Рух ярҙамында серҙәр сисә. Пәйғәмбәрлек ҡылыусы иһә кешеләргә һөйләй. Ул уларҙы нығындыра, рухын күтәрә һәм йыуата. Бүтәндәргә аңлашылмаған телдә һөйләүсе үҙен нығындыра, ә пәйғәмбәрлек ҡылыусы берҙәмлекте нығыта. Мин һеҙҙең барығыҙҙың да шул телдәрҙә һөйләүен теләйем, әммә унан да бигерәк – пәйғәмбәрлек итегеҙ. Әгәр шул телдәрҙә һөйләүсе берҙәмлек нығынһын өсөн үҙенең һүҙҙәрен аңлатып бирмәһә, пәйғәмбәрлек итеүсе уға ҡарағанда берҙәмлеккә күберәк файҙа килтерә. Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ, имандаштар, мин янығыҙға киләм һәм бүтән төрлө телдәрҙә һөйләйем икән, ти. Ул ваҡытта минән ниндәй файҙа? Асылышты йәки белемде, пәйғәмбәрлек һүҙен йәки өйрәтеүҙе аңлайышлы һүҙҙәр менән аңлатҡанда ғына һеҙгә файҙа килтерә алырмын бит. Миҫалға һыбыҙғы йә арфа кеүек йәнһеҙ уйын ҡоралын алайыҡ. Уларҙан сыҡҡан моң бер-береһенән айырылмай икән, флейтала йәки арфала ниндәй көй уйнағандарын аңлап булырмы? Әгәр борғо асыҡ тауыш сығармаһа, яуға кем әҙерләнер? Бына шулай һеҙ ҙә телегеҙ менән аңлайышһыҙ һүҙҙәр әйтһәгеҙ, нимә һөйләгәнегеҙҙе нисек аңларҙар? Һеҙ бит һүҙҙәрегеҙҙе елгә генә осорорһоғоҙ. Донъяла әллә күпме телдәр бар, һәм һәр береһенең – үҙ мәғәнәһе. Әгәр мин һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә төшөнмәйем икән, һүҙ әйтеүсегә сит ил кешеһе кеүек буласаҡмын һәм һөйләүсе үҙе лә миңә сит ил кешеһе кеүек буласаҡ. Һеҙҙең менән дә шулай уҡ: Рухтан килгән бүләктәргә ынтылһағыҙ, берҙәмлекте нығытырлыҡ бүләктәр менән байырға тырышығыҙ. Шуға күрә бүтән телдә һөйләүсе телде аңлата белеү һәләте өсөн доға ҡылһын. Мин бүтән телдә доға ҡылһам, миндә рухым доға ҡыла, ә аҡылым ҡатнашмай ҡала. Миңә нимә эшләргә һуң? Рухым менән доға ҡылырмын, аҡылым менән дә доға ҡылырмын; рухым менән дан йырлармын, аҡылым менән дә дан йырлармын. Рухың менән генә шөкөр иткәндә, иман менән ҡыҙыҡһынған сит кеше рәхмәт уҡыуыңа нисек «амин» тип әйтһен? Ул бит һинең нимә әйткәнеңде аңламай! Һин ҡылған шөкөр ни тиклем һәйбәт булмаһын, һүҙҙәреңде ишетеүсе файҙа алмаясаҡ. Аллаға шөкөр, мин бүтән телдәрҙә бөтәгеҙгә ҡарағанда ла күберәк һөйләй алам. Әммә берҙәмлектә бер кем дә аңламаған ун меңләгән һүҙ әйтеүгә ҡарағанда, башҡаларға нәсихәт биреү өсөн аҡыл менән биш һүҙ әйтеүҙе яҡшыраҡ тип һанайым. Имандаштар, уйҙарығыҙ балалыҡ үлсәмендә ҡалмаһын, яманлыҡҡа ҡарата – сабыйҙарса саф күңелле, ә фекер йөрөтөү рәүешегеҙ менән ололар һымаҡ булығыҙ. Ҡанунда былай тип яҙылған: «Был халыҡҡа бүтән телдәрҙә һөйләүселәр аша, сит кешеләрҙең ауыҙҙары менән өндәшермен, әммә ул саҡта ла Мине тыңламаҫтар, – ти Раббы». Тимәк, бүтән телдәр – иманлы кешеләр өсөн түгел, ә иманһыҙҙар өсөн билдә. Пәйғәмбәрлек итеү иһә – иманһыҙҙар өсөн түгел, ә иманлылар өсөн. Шуға күрә, әгәр бөтөн берҙәмлек бергә йыйылып, барыһы ла бүтән төрлө телдәрҙә һөйләп ултырһа, һәм шул саҡ иман менән ҡыҙыҡһынған йәки иманы булмаған берәй сит кеше килеп инһә, һеҙҙе: «Аҡылдан яҙғандар!» – тип әйтмәҫме? Әммә бөтәһе лә пәйғәмбәрлек иткән мәлдә иман менән ҡыҙыҡһынған сит кеше йә иманы булмаған берәйһе килеп инһә, һәр береһенән үҙен фаш итеү һәм яуаплылыҡҡа тарттырыу һүҙҙәрен ишетер. Уның йәшерен ниәттәре асылыр һәм ул йөҙтүбән ҡапланыр ҙа Аллаға табынып: «Алланың һеҙҙең арағыҙҙа булыуы хаҡ», – тип әйтер. Шулай итеп, имандаштар, хәҙер нисек була инде? Һеҙ бергә йыйылған саҡта берегеҙҙең – мәҙхиәһе, икенсегеҙҙең – өйрәтеүҙәре, кемеһенеңдер – асылышы, бәғзеһенең – бүтән төрлө телдә хәбәре, ҡайһыһының аңлатмаһы бар. Былар барыһы бергә берҙәмлекте нығытыу маҡсатында хеҙмәт итһен. Бүтән телдә һөйләүселәр булһа, ике, иң күп тигәндә өс кеше бер-бер артлы һөйләһен, ә береһе аңлатып торһон. Аңлатыусы булмаһа инде, ундайҙар берҙәмлектә һүҙ өндәшмәһен, ә Алла ғына ишеткән мәлдә, үҙҙәре генә булған саҡта һөйләһен. Пәйғәмбәрҙәрҙең дә икәүһе йәки өсәүһе һөйләһен, ә ҡалған иман тотоусылар, ишеткәндәре хаҡында фекер йөрөтөп, уларға баһа бирһен. Әгәр йыйылышта ултырғандар араһындағы берәйһенә асылыш килһә, беренсе һөйләүсе уға һүҙ әйтергә мөмкинлек бирһен. Бөтәгеҙ ҙә өйрәнһен, һәм бөтәгеҙҙең дә күңелен күтәреү өсөн бер-бер артлы пәйғәмбәрлек итә алаһығыҙ. Пәйғәмбәрҙәрҙең рухтары пәйғәмбәрҙәргә буйһона, сөнки Алла – тәртипһеҙлек Аллаһы түгел, ә тыныслыҡ Аллаһы. Изгеләрҙең барлыҡ берҙәмлектәрендәге кеүек, йыйылыштарҙа ҡатын-ҡыҙ өндәшмәй генә ултырһын. Унда уларға һөйләргә рөхсәт ителмәй, ҡанунда яҙылғанса, улар буйһонорға тейеш. Әгәр берәй нәмәне белергә теләйҙәр икән, өйҙә ирҙәренән һораһындар, сөнки берҙәмлектә ҡатын-ҡыҙға һүҙ һөйләү әҙәпһеҙлек һанала. Алла һүҙе һеҙҙән сыҡтымы ни? Әллә һеҙгә генә килдеме? Кемдер берәү үҙен пәйғәмбәр йәки рухлы тип һанай икән, минең яҙғандарымдың Раббы бойороғо икәнен таныһын. Кем танымай, ул үҙе лә танылмай. Шулай итеп, имандаштар, пәйғәмбәрлек итергә ынтылығыҙ, әммә бүтән төрлө телдә һөйләүҙе лә тыймағыҙ. Ләкин бөтә нәмә лә килешле һәм тәртипле булырға тейеш. Имандаштар, мин иғлан иткән, һеҙ ҡабул иткән һәм ғүмерегеҙҙең нигеҙенә әйләнгән Һөйөнөслө Хәбәрҙе иҫегеҙгә төшөрәм. Һөйөнөслө Хәбәр һүҙҙәрен мин вәғәзләгәнсә тотһағыҙ, уның менән ҡотолорһоғоҙ, тотмаһағыҙ – иманға килеүегеҙ юҡҡа булыр. Мин үҙем алғандарҙы һеҙгә тапшырҙым. Иң мөһиме, Изге Яҙмала яҙылғанса, Мәсих беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн үлде һәм, Изге Яҙмала яҙылғанса, Ул ерләнде һәм өсөнсө көндә терелде, тәүҙә Кефасҡа, аҙаҡ ун ике шәкертенә күренде. Шунан бер үк ваҡытта биш йөҙҙән ашыу имандашҡа (уларҙың күбеһе әле лә иҫән, ҡайһы берҙәре үлде), унан һуң Яҡупҡа һәм бөтә илселәренә күренде. Етлекмәй тыуған бала кеүек булһам да, барыһынан һуң миңә лә күренде. Дөрөҫөн әйткәндә, мин – илселәрҙең иң кесеһе. Алла берҙәмлеген эҙәрлекләгәнем өсөн илсе тип аталырға ла лайыҡ түгелмен. Әммә хәҙер кем булһам, Алла мәрхәмәте менән мин шул булдым. Ул күрһәткән мәрхәмәт бушҡа китмәне, башҡа илселәрҙең һәммәһенә ҡарағанда ла тырышыбыраҡ хеҙмәт иттем. Хәйер, мин түгел, ә минең менән булған Алла мәрхәмәте хеҙмәт итте. Шулай итеп, мин вәғәзләйемме, улармы – әһәмиәте юҡ, иң мөһиме – ул беҙҙең вәғәзләүебеҙ һәм һеҙҙең ышаныуығыҙ. Мәсих тураһында, Ул үленән терелде, тип әйтелә икән, нисек итеп ҡайһы берҙәрегеҙ, үленән терелеү юҡ, тип һөйләй ала һуң? Үленән терелеү юҡ икән, Мәсих тә үленән терелмәгән булып сыға. Әгәр Мәсих үленән терелтелмәгән икән, беҙҙең вәғәзләүебеҙ ҙә, һеҙҙең иманығыҙ ҙа буш була. Өҫтәүенә, беҙ Алла хаҡында ялған шаһиттар булып ҡалыр инек, сөнки Ул Мәсихте терелтте тип шаһитлыҡ ҡылдыҡ. Үлеләрҙең терелеүе юҡ икән, Алла Мәсихте лә терелтмәгән булып сыға. Үлеләр терелтелмәһә, Мәсих тә үленән терелтелмәгән була. Әгәр Мәсих терелтелмәгән икән, һеҙҙең иманығыҙ – буш, һәм һеҙ гонаһтарығыҙ хакимлығы аҫтындаһығыҙ. Был инде Мәсихкә инанып үлгәндәр ҙә һәләк булды тигәнде аңлата. Әгәр беҙ Мәсихкә был йәшәүебеҙҙә генә өмөт бағлаһаҡ, бөтә кешеләргә ҡарағанда ла ҡыҙғанысыраҡ булыр инек. Әммә Мәсих ысынлап та үленән терелтелде – Ул үлгәндәрҙән беренсе булып терелгән! Үлем донъяға кеше аша килгән кеүек, үленән терелеү ҙә бер Кеше аша килде. Әҙәмгә мөнәсәбәте булғандарҙың барыһы ла үлгән кеүек, Мәсихкә мөнәсәбәте булғандарҙың барыһы ла тереләсәк. Һәр кем үҙ сиратында: тәүҙә – Мәсих, шунан һуң, Ул килгәндә, Мәсихтекеләр тереләсәк. Бынан һуң ахыры килер, Ул һәр төрлө етәкселекте, хакимиәтте, ҡеүәтте юҡҡа сығарып, батшалыҡты Алла һәм Атаһына тапшырыр. Мәсихкә бөтә дошмандарын Үҙ аяғы аҫтына һалғанға тиклем батшалыҡ итеү тәғәйенләнгән. Иң һуңғы дошман булып үлем юҡҡа сығарыласаҡ. Изге Яҙмала: «Алла бар нәмәне Уның аяҡтары аҫтына һалып, Уға буйһондорҙо», – тип әйтелгән. «Бар нәмә Уға буйһондоролдо» тип әйтелгән, әммә был Уға буйһондороусы Алланы үҙ эсенә ала тигәнде аңлатмай, әлбиттә. Бөтә нәмә Мәсихкә буйһондоролғас, Улы ла бар нәмәне Үҙенә буйһондорған Аллаға буйһонасаҡ. Шулай итеп, Алла бөтә нәмәлә бар буласаҡ. Үлеләр хаҡына һыуға сумдырылыу йолаһы үткәндәр ниңә быны ҡылалар һуң? Үлеләр бөтөнләй терелмәгәс, ни өсөн улар хаҡына сумдырылырға? Ниңә һуң беҙ ҙә ғүмеребеҙҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуябыҙ? Мин көн һайын үлемдең күҙҙәренә тура ҡарайым. Имандаштар, был минең Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтә һеҙҙең менән ғорурланыуым кеүек үк хаҡ. Әгәр ҡарашым кешеләрҙекесә генә булған булһа, әгәр үлеләрҙең терелтелеүенә ышанмаһам, Эфеста йыртҡыстар менән көрәшеүемдән миңә ни файҙа? Үлеләр терелтелмәһә, ҡайһы берәүҙәр әйткәнсә, «иртәгә барыбер үләбеҙ, ашап-эсеп ҡалайыҡ!» Алданмағыҙ: «аҙғын кешеләр менән аралашыу яҡшы әхлаҡты боҙа». Тейешенсә айнып, гонаһ ҡылыуҙан туҡтағыҙ. Ҡайһы берҙәрегеҙ Алланы белмәй бит, мин быны һеҙҙе оялтыу өсөн әйтәм. Кемдер: «Үлеләр нисек терелер? Уларҙың тәне ниндәй булыр?» – тип һорар. Аҡылһыҙ! Һин сәскән нәмә тәүҙә үлмәһә, яңы ғүмер яралмаясаҡ бит. Сәскән саҡта һин буласаҡ үҫемлектең үҙен түгел, ә орлоҡто – бойҙайҙың йәки башҡа нәмәнең орлоғон – сәсәһең. Ә инде Алла уға Үҙе һайлаған тәнде, һәр орлоҡҡа үҙ тәнен бирә. Бөтә тәндәр ҙә бер төрлө түгел: кешеләрҙең тәне малдыҡынан айырыла, ҡоштарҙың тәне лә балыҡтарҙыҡы кеүек түгел. Күктә лә, ерҙә лә есемдәр бар, тик күктәгеләренең балҡышы ерҙәге есемдәрҙекенән айырыла. Күктәгеләре араһында ҡояштың да, айҙың да, йондоҙҙарҙың да балҡыуы башҡа. Йондоҙҙар ҙа бер-береһенән балҡыуҙары менән айырыла. Үлеләрҙең терелеүе лә шулай буласаҡ: кеше тәне ер эсенә серейәсәк орлоҡ булып һалына – мәңге үлмәҫлек булып терелтелә. Ҡыҙғаныс булып ер эсенә һалына – дан менән терелә. Зәғиф килеш сәселә – ҡеүәтле булып терелә. Ваҡытлы тән ер эсенә һалына, ә рухи тән терелә. Ваҡытлы тән бар икән, рухи тән дә бар. Изге Яҙмала былай тип яҙылған бит: «Тәүге кеше – Әҙәм – тере йән эйәһе булды». Ә һуңғы Әҙәм тормош биреүсе Рух булды. Әммә тәүге булып рухи тән түгел, ә ваҡытлыһы килә, шунан һуң ғына рухи булғаны килә. Тәүге кеше тупраҡтан яратылды, ул – ерҙән. Икенсе Кеше күктән килде. Турпаҡтан яратылған ниндәй булһа, ерҙекеләр шундай. Күктән Булған ниндәй, күктекеләр шундай. Әле тупраҡтан яратылған кеше ҡиәфәтен йөрөткән кеүек, күктән булған кеше ҡиәфәтен дә йөрөтәсәкбеҙ. Имандаштар, һеҙгә шуны әйтәм: тәндән һәм ҡандан торғандар Алла батшалығына эйә була алмаҫ, һәм фани булғандар мәңге үлмәй торған була алмаҫ. Һеҙгә сер асам: беҙ бөтәбеҙ ҙә үлмәйәсәкбеҙ, әммә һәммәбеҙ ҙә үҙгәрәсәк – ҡапыл, күҙ асып йомған арала, һуңғы борғо ҡысҡыртҡанда. Борғо ҡысҡыртҡанда үлеләр мәңге үлмәҫлек булып тереләсәк, ә беҙ, ул ваҡытта тере булғандар, үҙгәрәсәкбеҙ. Фани – мәңге үлмәҫлеккә, ә үлемле үлемһеҙгә әйләнергә тейеш бит. Был фани, үлемле тән мәңгелек, үлемһеҙ тәнгә әйләнгәс, Изге Яҙмалағы: «Еңеү үлемде йотоп юҡ иткән була». «Үлем, һинең еңеүең ҡайҙа? Үлем, һинең ҡаяуың ҡайҙа?» – тигән һүҙҙәр тормошҡа аша. Үлемдең ҡаяуы – гонаһ, һәм гонаһтың көсө – ҡанун. Әммә, Аллаға шөкөр, Ул Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша беҙгә еңеү бирә. Шулай итеп, ҡәҙерле имандаштарым, Раббы эшенә һәр ваҡыт үҙегеҙҙе бағышлап һәм бар көсөгөҙҙө һалып, ныҡ тороғоҙ, ҡаҡшамаҫ булығыҙ, Раббы өсөн хеҙмәтегеҙҙең бушҡа булмағанын беләһегеҙ бит. Йәрүсәлимдәге изгеләр өсөн хәйер йыйыуға килгәндә, Галатиялағы берҙәмлектәргә ниндәй күрһәтмәләр бирһәм, һеҙ ҙә шулай эшләгеҙ. Мин килгәс хәйер йыйып йөрөмәҫ өсөн, һәр берегеҙ аҙнаның беренсе көнөндә, үҙ хәленә ҡарап, табышының бер өлөшөн айырып ҡуйһын һәм һаҡлауға һалһын. Янығыҙға килгәс, һеҙ һайлап ҡуйған кешеләрҙе, хәйерегеҙҙе тапшырыу өсөн, хат менән Йәрүсәлимгә ебәрермен. Әгәр минең үҙемә лә барырға кәрәк булһа, ул кешеләр минең менән барыр. Янығыҙға Македония аша үткән саҡта барырмын, сөнки Македонияны урап сығасаҡмын. Бәлки, бер аҙ янығыҙҙа йәшәрмен, бәлки, хатта һеҙҙә ҡышлармын, һәм һеҙ, ҡайҙа ғына йүнәлһәм дә, юлымда миңә ярҙам итерһегеҙ. Һеҙгә юл ыңғайы ғына һуғылырға теләмәйем, әгәр Раббы насип итһә, оҙағыраҡҡа туҡталырға уйлайым. Эфеста Илленсе көн байрамына тиклем ҡалырмын, сөнки был ҡалала, Һөйөнөслө Хәбәргә ҡаршылар күп булһа ла, хеҙмәт итеүгә ишектәр киң асыҡ. Янығыҙға Тимоҫеус килһә, иғтибарлы булығыҙ, уға хәүеф янамаһын, сөнки ул, минең кеүек үк, Раббы эшен башҡара. Шуның өсөн бер кем дә уға кәмһетеп ҡарамаһын, минең яныма әйләнеп ҡайта алһын өсөн, юлға именлек менән оҙатығыҙ. Уны мин имандаштар менән бергә көтәм. Имандашыбыҙ Аполлосҡа килгәндә, мин уның имандаштар менән бергә һеҙгә барыуын ныҡ үтендем, әммә әлегә янығыҙға барырға һис тә теләге юҡ, шулай ҙа уңайы сығыу менән барып етер. Уяу булығыҙ, иманда ныҡ тороғоҙ, ҡыйыу һәм ныҡ булығыҙ. Бөтә нәмәне лә мөхәббәт менән башҡарығыҙ. Имандаштар, минең һеҙгә үтенесем бар: һеҙ Стефанас ғаиләһен беләһегеҙ, улар Ахаяла беренселәрҙән булып Мәсихкә инанды, үҙҙәрен изгеләргә хеҙмәт итеүгә бағышланы. Һеҙ үҙегеҙҙе лә шундайҙарға һәм Раббыға хеҙмәт иткән һәр кемгә, арымай-талмай Уға эшләгәндәргә буйһондороғоҙ. Мин Стефанастың, Фортунатостың һәм Ахаикустың килеп етеүенә шатмын, уларҙың килеүе арҡаһында юҡлығығыҙ һиҙелмәне. Улар минең дә, һеҙҙең дә рухығыҙҙы тынысландырҙы, ундайҙарҙы хөрмәт итегеҙ. Асия өлкәһендәге берҙәмлектәр һеҙҙе сәләмләй. Акулас менән Прискилла йортонда йыйылған берҙәмлек менән бергә һеҙҙе Раббыла ҡайнар сәләмләй. Һеҙҙе бындағы бөтөн имандаштар сәләмләй. Бер-берегеҙҙе туғандарса яратып, үбеп сәләмләгеҙ. Мин, Паулус, сәләмемде үҙ ҡулым менән яҙам. Раббыны яратмаусыларға ҡәһәр төшһөн. Раббыбыҙ, кил! Раббы Ғайсаның мәрхәмәте һеҙҙең менән булһын. Минең мөхәббәтем Ғайса Мәсихтәгеләрҙең бөтөнөһө менән бергә. Алла ихтыяры менән Ғайса Мәсихтең илсеһе Паулустан һәм имандашыбыҙ Тимоҫеустан Алланың Коринҫостағы имандаштар берҙәмлегенә, шулай уҡ тотош Ахая өлкәһендәге барлыҡ изгеләргә сәләм. Һеҙгә Атабыҙ Алланан һәм Раббы Ғайса Мәсихтән мәрхәмәт һәм именлек булһын. Һәр яҡлап йыуатыусы Аллаға һәм шәфҡәтлелек күрһәтеүсе Атаға – Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Аллаһы һәм Атаһына дан! Алла беҙҙе барлыҡ ҡайғыларыбыҙҙа йыуата. Шуға күрә Ул беҙгә биргән йыуаныс менән үҙебеҙ ҙә һәр төрлө ҡайғылары булғандарҙың күңелен күтәрә алабыҙ. Беҙҙә Мәсих ғазаптары арта барған һайын, Уның аша йыуанысыбыҙ ҙа арта. Ҡайғырабыҙ икән – был һеҙҙең йыуаныуығыҙ һәм ҡотолоуығыҙ өсөн; йыуанабыҙ икән, был йыуанысығыҙ өсөн булыр. Ә был беҙгә кисерергә тура килгән ғазаптарҙы һеҙгә лә түҙемлек менән кисерергә көс бирә. Һеҙгә ныҡ өмөтләнәбеҙ, сөнки ғазаптарҙы нисек уртаҡлашһағыҙ, йыуанысты ла шулай уртаҡлашҡанығыҙҙы беләбеҙ. Имандаштар, Асия өлкәһендә кисергән михнәттәребеҙ тураһында белеүегеҙҙе теләйбеҙ. Беҙ түҙгәндәр көс етмәҫлек һәм сиктән тыш ауыр ине, хатта иҫән ҡалыуға ла өмөтөбөҙҙө юғалтҡайныҡ. Үҙебеҙгә түгел, ә үлгәндәрҙе терелтеүсе Аллаға таянырға өйрәнер өсөн, беҙ үҙебеҙҙе үлемгә хөкөм ителгәндәр кеүек хис иттек. Алла беҙҙе үлем дәһшәтенән ҡотҡарҙы һәм тағы ла ҡотҡарасаҡ әле. Киләсәктә лә ҡотҡарасағына ышанып, Уға өмөт бағлайбыҙ, тик ҡылған доғаларығыҙ менән һеҙ ҙә беҙгә ярҙам итеп тороғоҙ. Шул саҡта күптәр, доғаларына яуап итеп, беҙгә мәрхәмәтле булғаны өсөн, Аллаға рәхмәт уҡыр. Беҙ шуның менән ғорурланабыҙ һәм быға выжданыбыҙ ҙа шаһит: беҙ был донъяла, бигерәк тә һеҙҙең арала, Алла теләгәнсә, ихлас һәм намыҫ менән эш иттек. Беҙҙе был донъя зирәклеге түгел, ә Алла мәрхәмәте оҙатып йөрөнө. Сәйәхәтем башында янығыҙға ошондай ышаныс менән барырға теләгәйнем. Шулай Алла фатихаһын һеҙгә ҡабатлап тапшырыр инем. Һеҙҙең аша – Македония өлкәһенә, Македониянан тағы һеҙгә килергә һәм һеҙҙең ярҙамығыҙ менән Йәһүҙиәгә барырға ниәтләнгәйнем. Әллә бындай ниәт ҡороп, уйламайынса эш иттемме? Йә донъя кешеһе кеүек бер үк ваҡытта «эйе» лә, «юҡ» та тип әйтәмме? Алла тоғролоғо хаҡ булған кеүек, һеҙгә тәүҙә «эйе», аҙаҡ «юҡ» тип әйтмәйбеҙ. Беҙ, йәғни мин, Силуан һәм Тимоҫеус һеҙгә вәғәзләгән Алла Улы Ғайса Мәсихтә бер юлы «эйе һәм юҡ»ҡа урын юҡ, Унда «эйе» генә бар. Сөнки Алла тарафынан бирелгән бөтә вәғәҙәләр Ғайса Мәсихтә «эйе» тип раҫлана. Шуға күрә Алланы данлау өсөн беҙ әйтә торған «амин» да Уның аша әйтелә. Алла һеҙҙе һәм беҙҙе Мәсихтә Үҙе нығыта. Ул, беҙгә зәйтүн майы һөртөп, Үҙ мисәте менән тамғаланы, беҙгә биреләсәк нәмәләр өсөн йөрәктәребеҙгә ышаныслы билдә булараҡ Изге Рухын бирҙе. Әгәр дөрөҫөн әйтмәһәм, Алла үҙемде һәләк итһен: мин Коринҫосҡа һеҙҙе ҡыҙғанғанға күрә бығаса барманым. Был иһә иманығыҙ өҫтөнән хакимлыҡ итәбеҙ тигән һүҙ түгел, киреһенсә, беҙ, шатланыуығыҙҙы теләп, һеҙҙең менән бергә хеҙмәт итәбеҙ: сөнки һеҙ иманығыҙҙа ныҡ тораһығыҙ. Шуға күрә был юлы минең килеүем һеҙҙең күңелегеҙҙе төшөрөргә тейеш түгел, тип ҡарар иттем. Әгәр һеҙҙе көйөндөрәм икән, ул ваҡытта һеҙҙән – мин көйөндөргән кешеләрҙән – башҡа мине кем ҡыуандырыр? Килгәс, ҡыуандырырға тейешле кешеләр мине көйөндөрмәһен өсөн, һеҙгә нәҡ шул турала яҙғайным да инде. Ҡыуанысымдың бөтөнөгөҙ өсөн дә уртаҡ ҡыуаныс булыуына ышанам. Оло ҡайғы һәм йөрәк әрнеүе менән, күҙ йәштәремә мансылып яҙҙым мин уны, тик күңелегеҙҙе төшөрөргә тип түгел, ә һеҙгә булған көслө мөхәббәтемде белдерер өсөн. Кемдер берәү мине көйөндөргән икән, ул мине генә түгел, һеҙҙең бөтөнөгөҙҙө лә – һәр хәлдә ниндәйҙер кимәлдә (арттырып күрһәтмәҫ өсөн әйтәм) – көйөндөргән. Ундай кешегә күптәрегеҙ биргән яза етә. Хәҙер инде уны ғәфү итегеҙ һәм йыуатығыҙ, юғиһә артыҡ ныҡ көйөнөү уны өмөтһөҙлөккә һалыр. Шуның өсөн уға мөхәббәтегеҙҙе раҫлауығыҙҙы үтенәм. Һынауҙы үтә алдығыҙмы, йәғни бөтә нәмәлә лә тыңлаусанһығыҙмы, икәнен белеү өсөн яҙҙым хатымды. Һеҙ кемделер ғәфү итәһегеҙ икән, мин дә уны ғәфү итәм. Ғәфү иткәнемде (әгәр быға сәбәп ысынлап та булһа) мин Мәсих алдында һеҙҙең хаҡҡа ғәфү иттем. Шулай итеп, Иблис хәйләлә беҙҙе уҙҙыра алмаҫ. Беҙ уның ниәттәрен беләбеҙ бит. Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләргә тип Троас ҡалаһына килгәс, Раббы миңә ишекте асып ҡуйған. Тик унда имандашым Титусты таба алмағанлыҡтан, күңелем тыныслана алманы. Шуға күрә, имандаштар менән хушлашып, Македонияға юл алдым. Беҙҙе һәр ваҡыт Мәсихтең еңеү тантанаһында йөрөтөүсе һәм беҙҙең аша һәр ерҙә Мәсих хаҡында хуш еҫтәй белем таратыусы Аллаға рәхмәт яуһын. Ҡотолоусылар араһында ла, һәләк булыусылар араһында ла беҙ – Мәсихтең Аллаға күтәрелгән хуш еҫе. Берәүҙәргә беҙ – һәләкәткә илтеүсе үлем еҫе, ә икенселәргә – тереклек биреүсе йәшәүҙең хуш еҫе. Бындай эшкә кем һәләтле һуң? Беҙ, күптәрҙән айырмалы рәүештә, Алла һүҙе менән һатыу итмәйбеҙ, ә Алла тарафынан ебәрелгән булараҡ, Мәсихтә беҙ Уның Үҙе алдында ихлас күңелдән вәғәзләйбеҙ. Үҙебеҙҙе яңынан тәҡдим итергә тырышмайбыҙмы икән? Ҡайһы берәүҙәр кеүек, һеҙгә үҙебеҙҙе маҡтаған хат килтерәйекме йә һеҙҙән һорап алайыҡмы? Һеҙ үҙегеҙ – беҙҙең хатыбыҙ. Ул беҙҙең күңелдәребеҙгә яҙылған, уны бөтә кеше белә һәм уҡый ала. Һеҙҙең хеҙмәтебеҙ аша яҙылған Мәсих хаты булыуығыҙҙы барыһы ла күрә. Ул яҙа торған ҡара менән түгел, ә тере Алланың Рухы менән, таҡтаташтарға түгел, ә кешеләрҙең күңеленә яҙылған. Алла алдында Мәсих аша бына шундай ышанысыбыҙ бар. Үҙебеҙ шулай шәп булғанға һәләт үҙенән-үҙе килмәй беҙгә, һәләтебеҙ – Алланан. Ул беҙгә яңы килешеү хеҙмәтселәре булыу һәләтен бирҙе. Яңы килешеү – яҙылған ҡанунға түгел, ә Рухҡа нигеҙләнгән, сөнки яҙылған ҡанун үлтерә, Рух иһә йәшәү бүләк итә. Таштарға соҡоп яҙылған ҡанунға хеҙмәт итеүҙең үлем килтереүен хәтерләгеҙ. Ул шундай дан менән балҡып килгән, исраилдар Мусаның балҡып торған йөҙөнә, хатта был балҡыу юғала барһа ла, ҡарай алмағандар. Был хеҙмәт шундай дан менән килгән икән, Рух менән билдәләнгән хеҙмәт тағы ла данлыраҡ түгелме ни? Кешене хөкөмгә килтереүсе хеҙмәт бөйөк булһа, Алланың әҙәмде аҡлауына илткән хеҙмәт күпкә данлыраҡ. Ҡасандыр данлы булған нәмә, өҫтөнлөк алған яңыһы менән сағыштырғанда, инде бөйөк түгел шул. Юғалып барған нәмә дан менән килһә, мәңге буласағы күпкә данлыраҡ! Ошондай өмөтөбөҙ булғанға, беҙ ҙур тәүәккәллек менән эш итәбеҙ. Исраилдар юғала барған данға ҡарамаһын өсөн, йөҙөн бөркәнсек менән ҡаплаған Муса кеүек түгелбеҙ. Әммә уларҙың аҡылы томаланған, сөнки иҫке килешеү яҙмаларын уҡығанда уларҙың аҡылы шул бөркәнсек менән ябылған һымаҡ. Ул бөркәнсекте Мәсих кенә алып ташлаясаҡ. Бөгөнгә тиклем Муса ҡанунын уҡығанда, уларҙың күңелендә бөркәнсек ята. Әммә Раббыға йөҙ менән боролғанда был бөркәнсек алып ташлана. Раббы – ул Рух, ә Раббы Рухы булған ерҙә – азатлыҡ. Беҙ барыбыҙ ҙа бөркәнсек ябынмайынса Раббының данын көҙгөләге кеүек күрәбеҙ. Беҙ үҫә барған дан менән үҙгәртеләбеҙ һәм Раббыға оҡшағандан-оҡшай барабыҙ. Был үҙгәреү Раббынан килә, ә Раббы ул – Рух. Алла мәрхәмәте аша беҙгә шундай хеҙмәт тапшырылғанлыҡтан, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйбеҙ. Уның урынына, хурлыҡлы йәшерен эштәрҙе кире ҡағып, хәйлә юлына баҫмайынса һәм Алла һүҙен боҙмайынса, киреһенсә, хәҡиҡәтте асып, Алла алдында яуаплы булып, үҙебеҙҙе һәр кешенең выждан хөкөмөнә тәҡдим итәбеҙ. Беҙ вәғәзләгән Һөйөнөслө Хәбәр бөркәнсек менән йәшерелгән кеүек булһа, ул һәләкәт юлынан барыусылар өсөн генә йәшерелгән. Был донъяның илаһы уларҙың аҡылын томалаған һәм улар, иманға килмәйенсә, Алланың һыны булған Мәсихтең балҡышлы шөһрәтен күрһәтеүсе Һөйөнөслө Хәбәрҙең нурын күрмәйҙәр. Беҙ бит үҙебеҙҙе түгел, ә Ғайса Мәсихте бөйөк Хаким булараҡ вәғәзләйбеҙ, үҙебеҙ иһә – Мәсих хаҡына һеҙҙең хеҙмәтселәрегеҙ генә. «Ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡ балҡыһын», – тигән Алла Үҙе күңелдәребеҙҙә нурланды. Шулай Ғайса Мәсих йөҙөндә балҡыған Алла шөһрәтен танып белдек. Әммә беҙ – ни бары хазина һаҡлаған балсыҡ һауыттар ғына. Бының менән был саманан тыш ҙур ҡөҙрәттең беҙҙеке түгел, ә Алланыҡы икәне күрһәтелә. Беҙҙе һәр яҡлап ҡыҫырыҡлайҙар, әммә бирешмәйбеҙ; йыш ҡына ни эшләргә белмәй аптырашта ҡалабыҙ, әммә өмөтһөҙлөккә бирелмәйбеҙ; беҙҙе эҙәрлекләйҙәр, ләкин Алла беҙҙе ташламай; беҙҙе аяҡтан йығалар, ләкин һәләк булмайбыҙ. Ғайсаның тормошо ла тәнебеҙҙә күренһен өсөн, Уның үлемен һәр ваҡыт тәнебеҙҙә йөрөтәбеҙ. Эйе, үлемле тәнебеҙҙә Уның тормошо ла күренһен өсөн беҙ, тереләр, Ғайса хаҡына бер туҡтауһыҙ үлемгә дусар ителәбеҙ. Шулай итеп, үлем – беҙҙә, ә йәшәү һеҙҙә эш итә. Изге Яҙмала: «Мин ышандым, шуға күрә һөйләнем», – тип әйтелгән. Шундай уҡ иман рухына эйә булараҡ, беҙ ҙә ышанабыҙ, шуға күрә һөйләйбеҙ. Сөнки Раббы Ғайсаны үленән терелткән Алланың беҙҙе лә Ғайса менән бергә терелтәсәген һәм һеҙҙең менән бергә Үҙенең алдына килтереп баҫтырасағын беләбеҙ. Быларҙың бөтәһе лә һеҙҙең өсөн эшләнә. Шулай итеп, мәрхәмәт торған һайын күберәк кешеләргә таралыр һәм шуның менән Алла данына торған һайын күберәк рәхмәт яуыр. Бына шуның өсөн беҙ күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйбеҙ. Киреһенсә, тәнебеҙ сереп тарҡала барһа ла, асылыбыҙ көндән-көн яңыра. Үтеп китә торған еңелсә ғазап кисереүебеҙ сиктән тыш ҙур һәм хайран ҡалырлыҡ мәңгелек дан килтерер. Шуға ла беҙ әле күренгәнгә түгел, ә күренмәгәнгә иғтибарыбыҙҙы туплайбыҙ, сөнки күренгәне – ваҡытлыса, күренмәгәне иһә – мәңгелек. Был донъяла беҙ йәшәгән тән ҡасан да булһа емереләсәк ҡыуышҡа оҡшаған. Был ҡыуыш емерелгәс, беҙгә Алла тарафынан күктәрҙә ҡул менән төҙөлмәгән мәңгелек торлаҡ биреләсәген беләбеҙ. Был «ҡыуыш»та саҡта ошо тәнебеҙ өҫтөнән күктән килгән был яңы кейемде кейергә ашҡынып көрһөнәбеҙ, кейемде кейгәс, беҙ яланғас булмаҫбыҙ. Эйе, беҙ донъялағы ҡыуышыбыҙҙа саҡта күңелгә ауыр булғанлыҡтан көрһөнәбеҙ, сөнки ошо тәнебеҙҙән ҡотолорға теләмәһәк тә, үлемгә эйә бар нәмә йәшәү тарафынан йотолһон өсөн, ошо тәнебеҙ өҫтөнән күктән килгән яңы кейемде кейергә теләйбеҙ. Тап бына шуның өсөн Алла беҙҙе әҙерләне һәм ышаныслы билдә итеп Үҙ Рухын бирҙе. Шуның өсөн, ошо тәнебеҙҙә саҡта Раббынан алыҫ булыуыбыҙҙы белһәк тә, һәр ваҡыт ышаныс менән йәшәйбеҙ. Беҙ күҙ күргән нәмәләр менән түгел, ә иман менән йәшәйбеҙ бит. Ҡабатлайым, ышаныс менән йәшәйбеҙ һәм, тәндән сыға һалып, тиҙерәк Раббы янына урынлашырға теләйбеҙ. Шуға ла, тәндә булһаҡ та, тәндән сыҡһаҡ та, Уны ҡыуандырырға ынтылабыҙ, сөнки тәндә саҡта ҡылған яҡшы йә яман эштәребеҙгә ҡарата һәр кем үҙенә тейеште алһын өсөн, бөтәбеҙ ҙә Мәсихтең хөкөмө алдына килергә тейеш буласаҡбыҙ. Шулай итеп, Раббынан ҡурҡыуҙың нимә икәнен белеп, беҙ кешеләрҙе Һөйөнөслө Хәбәрҙе ҡабул итергә күндерергә тырышабыҙ. Аллаға беҙҙең кемлегебеҙ билдәле, һеҙҙең выжданығыҙ ҙа беҙҙең кем булыуыбыҙҙы беләлер тип өмөт итәм. Һеҙгә үҙебеҙҙе маҡтай-маҡтай яңынан тәҡдим итмәйбеҙ, әммә йөрәктәрендәге менән түгел, ә тышҡы ҡиәфәт менән генә маҡтаныусыларға яуап бирә алыуығыҙ өсөн, беҙҙең менән маҡтанырға мөмкинлек бирәбеҙ. Әгәр беҙ үҙ аҡылыбыҙҙа түгел икән, был – Алла хаҡына, үҙ аңыбыҙҙа булһаҡ – һеҙҙең хаҡҡа. Бөтә нәмәлә беҙҙең менән Мәсих мөхәббәте идара итә, сөнки бер Кеше бөтәһе өсөн үлгән икән, тимәк, бөтәһе лә үлде, тип ышанғанбыҙ. Тереләр үҙҙәре өсөн түгел, ә үҙҙәре хаҡына үлгән һәм үленән терелтелгән Зат өсөн йәшәһендәр тип, Мәсих барыһы хаҡына үлде. Шуға күрә хәҙер беҙ бер кемде лә кеше үлсәме менән үлсәмәйбеҙ. Мәсихкә элек кеше үлсәме менән ҡараһаҡ та, хәҙер инде улай ҡарамайбыҙ. Шулай итеп, кем Мәсихтә, ул яңы зат итеп яратылған. Боронғо тәртип үтте, хәҙер яңы тәртип башланды. Быларҙың һәммәһе лә Алланан, Ул беҙҙе Мәсих аша Үҙе менән татыулаштырҙы һәм татыулаштырыу хеҙмәтен беҙгә тапшырҙы. Йәғни кешеләрҙең ҡылған енәйәттәрен ғәйепкә һанамайынса, Алла донъяны Мәсихтә Үҙе менән татыулаштырҙы һәм татыулашыу тураһындағы хәбәрҙе башҡаларға еткереүҙе беҙгә йөкмәтте. Шулай итеп, беҙ – Мәсихтең вәкилдәре, һәм Алла беҙҙең аша ялбарғандай, Мәсих исеменән үтенәбеҙ: Алла менән ярашығыҙ. Беҙ Мәсихтә Алла алдында тәҡүә тип һаналһын өсөн, Ул беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн ғәйепте гонаһһыҙ Мәсих өҫтөнә һалды. Беҙ иһә, Алланың хеҙмәттәштәре булараҡ, һеҙгә бүләк ителгән Алла мәрхәмәте бушҡа булмаһын, тип үтенеп һорайбыҙ. Сөнки Алла: «Ҡулай ваҡытта һине ишеттем, ҡотҡарыу көнөндә ярҙам иттем», – ти. Бына хәҙер – яҡшы ваҡыт, ҡотҡарыу көнө. Беҙ бер кемгә лә кәртә ҡуйырға теләмәйбеҙ, Алла тарафынан бирелгән хеҙмәтебеҙ ғәйепкә алынырға тейеш түгел. Киреһенсә, бөтөн нәмәлә үҙебеҙҙе Алла хеҙмәтселәре тип тәҡдим итәбеҙ: оло түҙемлектә лә, ҡайғы-ғазап, бәлә-ҡаза, ҡыйынлыҡтарҙа ла, туҡмалыуҙарҙа, төрмәләрҙә, фетнә-сыуалыштарҙа, ауыр хеҙмәттә, йоҡонан һәм ашауҙан тыйылып торғанда ла, сафлыҡ, ғилем, сабырлыҡ менән дә, изгелек күрһәтеү, Изге Рух емештәре, эскерһеҙ мөхәббәт менән дә, хәҡиҡәтте вәғәзләү, Алла ҡөҙрәте менән, уң һәм һул ҡулдарыбыҙҙағы тәҡүәлек ҡоралы менән дә, намыҫта һәм хурлыҡта ла, ғәйбәт һәм абруй арҡылы ла. Беҙҙе алдаҡсы тип иҫәпләйҙәр, әммә беҙ хәҡиҡәткә таянабыҙ; билдәһеҙ тип һанаһалар ҙа, танылғанбыҙ; һәр саҡ үлем янаһа ла, күреүегеҙсә, теребеҙ; яза бирһәләр ҙә, үлтерелмәгәнбеҙ; көйөндөрһәләр ҙә, һәр ваҡыт һөйөнәбеҙ; ярлы булһаҡ та, күптәрҙе байытабыҙ; бер нәмәбеҙ булмаһа ла, бөтә нәмәгә эйәбеҙ. Коринҫостар! Һеҙгә асыҡтан-асыҡ өндәштек, йөрәктәребеҙ һеҙҙең өсөн шар асыҡ. Беҙҙең йөрәктәребеҙҙә һеҙҙең өсөн урын тар түгел, тик һеҙҙең йөрәктәрегеҙ беҙҙең өсөн тар. Һеҙгә балаларыма һөйләгән кеүек әйтәм: яуап итеп һеҙ ҙә йөрәктәрегеҙҙе асығыҙ. Иманһыҙҙар менән бер тәртәгә егелмәгеҙ. Хаҡлыҡ менән яманлыҡтың ниндәй уртаҡлыҡлығы бар? Йәки яҡтылыҡ менән ҡараңғылыҡ араһында ниндәй уртаҡлыҡ булһын? Мәсих менән Иблис араһында ниндәй ризалыҡ булыуы мөмкин? Йәки иманлылар менән иманһыҙҙар араһында ниндәй уртаҡлыҡ бар? Алла йорто менән ялған илаһтар араһында ла уртаҡлыҡ була аламы? Беҙ – тере Алланың йорто. Алла бит: «Улар араһында йәшәрмен һәм йөрөрмөн; уларҙың Аллаһы булырмын, ә улар Минең халҡым булыр», – тип әйткән. Шуға күрә, «Улар араһынан сығығыҙ, уларҙан айырылығыҙ, – ти Раббы. – Нәжес нәмәгә ҡағылмағыҙ, шунда Мин һеҙҙе ҡабул итермен. Һеҙгә Ата булырмын, ә һеҙ Миңә улдар һәм ҡыҙҙар булырһығыҙ, – ти сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы». Һөйөклөләрем, беҙгә ошондай вәғәҙәләр бирелде! Алла алдында ҡурҡҡан хәлдә үҙебеҙҙе тулыһынса Уға бағышлап, әйҙәгеҙ, тәнебеҙҙе һәм рухыбыҙҙы һәр төрлө бысраҡтан таҙарындырайыҡ. Йөрәгегеҙҙә беҙгә урын бирегеҙ. Беҙ бер кемде лә рәнйетмәнек, бер кемгә лә зыян эшләмәнек, бер кемдән дә файҙа эҙләмәнек. Быны мин һеҙҙе хөкөм итеп әйтмәйем: элек әйткәнемсә, һеҙ бит беҙҙең йөрәгебеҙҙә. Үлемдә лә, тормошта ла беҙҙе бер нәмә лә һеҙҙән айыра алмай. Мин һеҙгә ныҡ ышанам, һеҙҙең менән бик ғорурланам. Күңелем йыуаныс менән тулы, һәр төрлө ҡайғы-хәсрәттәребеҙгә ҡарамаҫтан, ҡыуанысым сикһеҙ ҙур. Беҙ бит хатта Македонияға килгән саҡта ла бер ниндәй йән тыныслығы тапманыҡ. Киреһенсә, төрлө яҡлап – тыштан – ыҙғыш-талаш, эстән шом-хәүеф ҡыҫымында ҡалдыҡ. Әммә, Титустың килеүе менән, рухтары төшкәндәргә ярҙам итеүсе Алла беҙҙең дә күңелдәребеҙҙе күтәрҙе. Беҙҙе уның килеүе генә түгел, ә уның күңелен күтәреүегеҙ ҙә йыуатты. Ул, мине һағыныуығыҙ, булып үткән хәлдәргә үкенеүегеҙ, мине яҡларға атлығып тороуығыҙ тураһында һөйләп, тағы ла нығыраҡ ҡыуандырҙы. Шул хатым менән һеҙҙе көйөндөргәнемә үкенмәйем. Тәүҙә, хатымдың һеҙҙе ваҡытлыса ғына булһа ла көйөндөргәнен күреп, үкенгәйнем, хәҙер ҡыуанам – күңелегеҙ төшкәнгә түгел, ә көйөнөүегеҙҙең һеҙҙе тәүбәгә килтереүенә ҡыуанам; һеҙ Алла ихтыяры менән көйөндөгөҙ, шулай булғас, беҙ һеҙгә бер ниндәй ҙә зыян килтермәнек. Алла ихтыяры менән көйөнөү ҡотолоуға илтеүсе тәүбәгә килтерә, быға үкенергә кәрәкмәй; ә был донъя килтергән көйөнөү үлемгә илтә. Алла ихтыяры менән һеҙ кисергән көйөнөстөң ниндәй тойғолар уятыуын ҡарағыҙ: хаталарҙы төҙәтергә ынтылыш, аҡланыу теләге, булып уҙғандарға ҡарата асыу, хәүефләнеү, мине һағыныу, тәүәккәллек һәм ғәйеплегә яза биреү теләге. Был эштә һәр яҡтан да саф булыуығыҙҙы күрһәттегеҙ. Мин һеҙгә рәнйетеүсе хаҡына ла, йә рәнйетелгәнде яҡлайым тип тә түгел, ә Алла алдында беҙгә тоғролоғоғоҙҙоң ни тиклем ихлас икәнен күрһәтеү өсөн яҙҙым. Шуның өсөн күңелдәребеҙ күтәрелде. Ә инде Титустың шатлығына тағы ла нығыраҡ ҡыуандыҡ: һеҙ бөтәгеҙ ҙә уның рухын тынысландырғанһығыҙ. Уға элек һеҙҙе маҡтағайным, тимәк, оятҡа ҡалманым. Киреһенсә, беҙ һеҙгә һөйләгән бөтә нәмә дөрөҫ булған кеүек, Титусҡа һеҙҙе маҡтауыбыҙ ҙа дөрөҫ булып сыҡты. Уны нисек ихтирам һәм тулҡынланыу менән ҡабул итеүегеҙҙе, барығыҙҙың да тыңлаусан булыуығыҙҙы хәтерләп, уның йөрәге һеҙгә тағы ла нығыраҡ ынтыла. Һәр нәмәлә һеҙгә таяна алыуым өсөн ҡыуанам. Имандаштар, һеҙгә Македониялағы имандаштар берҙәмлектәренә бирелгән Алла мәрхәмәте тураһында һөйләргә теләйбеҙ. Уларҙың ауыр һынауҙар араһында ҡыуаныстары сиктән ашҡан, үтә фәҡирлектә йәшәһәләр ҙә, йомартлыҡтары иҫ киткес. Хәлдәренән килгәнсә, һәм мөмкинлектәренән тыш та, үҙ теләктәре менән ярҙам иттеләр – быға мин шаһит. Улар беҙҙән Алланың изгеләренә ярҙам итеүҙә ҡатнаштырырға рөхсәт итеүебеҙҙе, оло мәрхәмәт һанап, ныҡышып һоранылар. Беҙ өмөтләнгәнсә генә эшләп ҡалманылар, ә үҙҙәрен Алла ихтыяры менән иң элек Раббыға, унан һуң беҙгә лә тапшырҙылар. Шуға күрә беҙ Титустан, был изгелекле эште нисек башлаған булһа, арағыҙҙа шулай уҡ тамамлап ҡуйыуын үтендек. Ә һеҙ һәр нәмәлә: иманда ла, һүҙҙә, белемдә, һәр төрлө тырышлыҡта, беҙгә булған мөхәббәтегеҙҙә лә өҫтөн булған кеүек, ошо изгелекле эштә лә өҫтөн булығыҙ. Быны әмер итеп түгел, ә башҡаларҙың тырышлығы тураһында һөйләп, мөхәббәтегеҙҙең ихласлығын һынарға теләп әйтәм. Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең мәрхәмәтен беләһегеҙ: һеҙ Уның фәҡирлеге аша байыһын өсөн, Ул бай булһа ла, һеҙҙең хаҡҡа фәҡир булды. Мин был мәсьәләгә ҡарата кәңәш кенә бирәм: былтыр башлаған эшегеҙҙе тамамлап ҡуйығыҙ, ул һеҙгә файҙа ғына килтерә. Уны һеҙ беренселәрҙән булып башҡарып ҡына ҡалманығыҙ, беренселәрҙән булып ниәтләнегеҙ ҙә. Был эште тамамлағанда инде бик теләп тотонған кеүек, хәлегеҙгә күрә шундай уҡ тырышлыҡ менән тамамлағыҙ. Әгәр бүләк биргән кешенең тырышлығы булһа, был бүләк Алла тарафынан нимәһе булмағанға ҡарап түгел, ә нимәһе булғанға ҡарап хуплана. Башҡаларға еңеллек, ә һеҙгә ауырлыҡ булмаһын, тик бында тигеҙлек булыуы күҙ уңында тотола. Әле һеҙҙең муллығығыҙ уларҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндерһен, аҙаҡ уларҙың муллығы һеҙҙекен ҡәнәғәтләндерер. Шулай итеп тигеҙлек урынлашыр. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Күп йыйған кешенең – артығы, аҙ йыйғандың кәме булманы». Һеҙҙең хаҡҡа Титустың күңеленә шундай уҡ тырышлыҡ һалған Аллаға рәхмәт. Титус үтенесемде хуплап ҡына ҡалманы, ә янығыҙға үҙ ихтыяры менән бик ашҡынып барырға булды. Уның менән бергә бөтә берҙәмлектәрҙә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләгәне өсөн маҡталған тағы бер имандашыбыҙҙы ебәрәбеҙ. Ул, өҫтәүенә, Раббының даны һәм тырышлығыбыҙҙы күрһәтеү хаҡына башҡара торған изгелекле эшебеҙҙә берҙәмлектәр тарафынан беҙгә юлдаш итеп тә һайланған. Хеҙмәтебеҙҙә шундай йомарт бүләктәр менән эш иткәнгә күрә, бер кем дә һүҙ әйтә алмаһын өсөн, һаҡ булырға тырышабыҙ. Алдан уҡ уйлап, Раббы алдында ғына түгел, кешеләр алдында ла һүҙ тейҙермәҫлек булһын өсөн тырышабыҙ. Улар менән бергә тағы бер имандашыбыҙҙы ебәрәбеҙ. Уның тырышлығы күп тапҡырҙар һәм байтаҡ эштәрҙә һыналған һәм хәҙер, һеҙгә тулыһынса ышанып, тағы ла нығыраҡ тырыша. Титусҡа килгәндә, ул – минең иптәшем һәм һеҙҙең арағыҙҙа хеҙмәттәшем. Уны оҙатып барасаҡ ҡалған имандаштарыбыҙға килгәндә, улар – имандаштар берҙәмлектәренең вәкилдәре, Мәсихтең даны. Шулай итеп, мөхәббәтегеҙҙе һәм һеҙҙең менән маҡтаныуыбыҙҙың ғәҙел икәнен уларға берҙәмлектәр алдында иҫбат итегеҙ. Асылда, изгеләргә ярҙам итеү тураһында һеҙгә яҙып тороу артыҡтыр, сөнки мин тырышлығығыҙҙы беләм һәм Македониялағы имандаштарыбыҙ алдында: «Ахаяла улар былтыр уҡ ярҙам итергә әҙер ине инде», – тип һеҙҙе маҡтайым. Һеҙҙең тырышлығығыҙ улар араһындағы күптәрҙе дәртләндереп ебәрҙе. Шулай ҙа, был эштә һеҙҙең менән бушҡа маҡтанмаҫ, ә әйткәнемсә, килгәнемдә йыйған иғәнәгеҙ әҙер булһын өсөн, имандаштарҙы янығыҙға ебәрәм. Бәлки, ҡайһы бер Македония кешеләре минең менән килер. Шул саҡта әҙер булмаһағыҙ, ә беҙ һеҙҙең турала ышаныс менән әйткәйнек, оятҡа ҡалырбыҙ, һеҙҙең турала әйтеп торорға ла түгел. Шуға күрә имандаштарыбыҙҙың янығыҙға иртәрәк барыуҙарын һәм алдан вәғәҙә ителгән бүләгегеҙҙе әҙерләп ҡуйыуҙарын үтенеп һорауҙы кәрәк тип таптым. Шул рәүешле ул һаранлыҡ тойғоһо уятҡан меҫкен йыйым түгел, ә йомарт бүләк булыр. Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: наҡыҫ сәскән кеше уңышты аҙ алыр, ә мул сәскән күп алыр. Һәр кем теләр-теләмәҫ йәки мәжбүри рәүештә түгел, ә йөрәге ҡушҡанса бирһен, сөнки Алла шатланып биргән кешене ярата. Ул, һеҙ һәр ваҡыт кәрәк нәмәләрҙең барыһына ла эйә һәм бар изгелекле эштәрҙә йомарт булһын өсөн, һәр төрлө бүләктәрен мул итеп бирә ала. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Ул Үҙ бүләктәрен мохтаждарға йомарт өләште. Уның изгелеге мәңгелек». Сәсеүсегә орлоҡ һәм кешеләргә туҡланырға икмәк Биреүсе һеҙҙе орлоҡ менән тәьмин итеп уны ишәйтер һәм изгелек емештәрегеҙҙе мул итеп үҫтерер. Һеҙ бөтөн нәмәлә байырһығыҙ һәм шуның менән башҡаларға һәр ваҡыт ярҙам итә алырһығыҙ. Улар беҙҙең аша тапшырылған йомарт бүләк өсөн Аллаға рәхмәт яуҙырыр. Сөнки һеҙ башҡарған был хеҙмәт изгеләрҙең ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереп кенә ҡалмаҫ, ә күптәрҙең Аллаға рәхмәтен дә ишәйтер. Ышанысығыҙҙың ихласлығын иҫбат иткән был хеҙмәтегеҙҙе күреп, һеҙ асыҡтан-асыҡ һөйләп биргән Мәсих хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәргә күндәм булыуығыҙ, үҙҙәре һәм башҡалар менән йомарт уртаҡлашыуығыҙ өсөн, кешеләр Алланы данлай. Һеҙҙең өсөн доға ҡылғанда, Алла һеҙгә мул итеп яуҙырған мәрхәмәт арҡаһында, улар күңелдәре менән янығыҙға ашҡыныр. Әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур бүләге өсөн Аллаға рәхмәт! Мин, арағыҙҙа «йыуаш», ә ситтән тороп һеҙҙең менән аралашҡанда «ҡыйыу» булған Паулус, Мәсихсә баҫалҡылыҡ һәм эскерһеҙлек менән һеҙгә мөрәжәғәт итәм. Янығыҙға килгәс, беҙҙе был донъя кешеһенең уй-фекерҙәре менән йәшәйһегеҙ тип һанаған ҡайһы берҙәрегеҙгә ҡыйыулығымды бөтә көсөндә файҙаланырға тура килмәһен ине, тип үтенәм. Беҙ был донъяла йәшәһәк тә, донъя алымдары ҡулланып көрәшмәйбеҙ. Беҙ ҡулланған ҡоралдар ҙа был донъя ҡоралдары түгел, ә Алла ҡөҙрәте менән ҡәлғәләрҙе емерергә һәләтле. Ул ҡоралдар менән беҙ ялған уй-ниәттәрҙе, Алланы танып белеүгә ҡаршы тәкәббер рәүештә күтәрелгән төрлө ҡаршылыҡтарҙы емерәбеҙ һәм һәр төрлө уй-ниәтте эләктереп алып, Мәсихкә буйһондорабыҙ. Һеҙ тулыһынса күндәмлек күрһәткәндән һуң, баш бирмәгән һәр кемде язаға тарттырырға әҙербеҙ. Күҙ алдығыҙҙағы нәмәгә ҡарағыҙ! Кем, мин – Мәсихтеке, тип ышана, үҙ алдына уйлаһын: ул Мәсихтеке булған кеүек, беҙ ҙә Мәсихтеке. Емереү өсөн түгел, ә һеҙҙе нығытыу өсөн Раббының беҙгә биргән вәкәләте менән аҙ ғына артығыраҡ маҡтанһам да, оятҡа ҡалмам. Шуға ла мин быларҙы, хаттары менән беҙҙе ҡурҡытырға уйлай икән, тигән фекер ҡалмаһын өсөн әйттем. Кемдер: «Ул үҙенең хаттарында ҡырыҫ һәм көслө, үҙе иһә кеше алдында көсһөҙ, телмәре лә әһәмиәтһеҙ», – ти. Ундай кеше белһен: ситтән яҙған хаттарыбыҙҙа ниндәйбеҙ, ғәмәлдә, арағыҙҙа булғанда ла шундайбыҙ. Дөрөҫ, үҙебеҙҙе үҙҙәрен маҡтаусылар менән бер рәткә ҡуйырға йәки сағыштырырға ҡыймайбыҙ. Улар бит аҡыл менән эш итмәй, үҙҙәрен үҙ үлсәмдәре менән үлсәйҙәр һәм үҙҙәрен үҙҙәре менән сағыштыралар. Беҙ иһә саманан тыш маҡтанмайбыҙ, әммә маҡтаныуыбыҙ самаһы итеп беҙгә Алла билдәләгән хеҙмәт сиген алабыҙ. Унда һеҙҙең аралағы эшебеҙ ҙә инә. Беҙ ул сиктән аша сыҡмайбыҙ, сөнки һеҙгә килдек бит инде. Беҙ Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәр менән һеҙгә лә беренселәрҙән булып килеп еттек. Башҡаларҙың хеҙмәте менән беҙ, тейеш булғандың сигенә сығып, самаһыҙ маҡтанмайбыҙ, ләкин, иманығыҙ арта барған һайын, Алла тарафынан беҙгә билдәләнгән хеҙмәт сиктәре буйынса, эшебеҙҙе тағын да нығыраҡ киңәйтергә өмөтләнәбеҙ. Шулай итеп, һеҙ йәшәгән ерҙәрҙән ситтә лә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләүҙе маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Беҙ башҡаларҙың хеҙмәт сиктәрендә улар башҡарған эш менән маҡтанырға теләмәйбеҙ. «Маҡтанырға теләүсе Раббы менән маҡтанһын». Үҙ-үҙен маҡтаған түгел, ә Раббының маҡтауын ҡаҙанған кеше генә Уның тарафынан хуплана. Бер аҙ аҡылһыҙ кеше кеүек һөйләргә рөхсәт итеп, миңә ҡарата түҙемле булһағыҙ ине! Эйе, миңә ҡарата түҙемле булығыҙ! Мин һеҙҙе Алла көнсөллөгө менән көнләшәм. Һеҙҙе бер генә иргә – Мәсихкә йәрәштем, һәм һеҙҙе Уның алдына саф ҡыҙ кеүек килтерергә теләйем. Әммә хәүефем бар: йылан Һауаны хәйләһе менән алдаған кеүек, һеҙҙең уй-фекерҙәрегеҙ ҙә, Мәсихкә ҡарата ихласлыҡтан һәм сафлыҡтан нисектер тайпылып, боҙолоп ҡуймаһын ине. Ни өсөн тигәндә, берәйһе килеп беҙ вәғәзләмәгән башҡа берәй Ғайса тураһында һөйләй башлаһа, йәки һеҙгә бирелгән Рухтан башҡа рухты тәҡдим итһә, йәки үҙегеҙ ҡабул иткән Һөйөнөслө Хәбәрҙән башҡа «һөйөнөслө хәбәрҙе» ҡабул итергә өгөтләһә, һеҙ ундайҙарға тиҙ ҡолаҡ һалаһығыҙ. Мин бындай «самаһыҙ бөйөк илселәрҙән» һис тә кәм түгелмен, тип уйлайым. Һөйләргә оҫта булмаһам да, белемгә эйәмен. Беҙ быны һеҙгә бар нәмәлә һәм бөтә яҡлап күрһәттек. Һеҙҙе күтәрергә теләп, Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен бушлай вәғәзләүем менән үҙемде түбәнһетеп, гонаһ ҡылдыммы әллә? Һеҙгә бушлай хеҙмәт итеү өсөн, башҡа берҙәмлектәр иҫәбенә йәшәп, уларҙы таланым, тип әйтергә мөмкин. Янығыҙҙа булғанда ла, мохтажлыҡ кисергән сағымда ла берегеҙгә лә ауырлыҡ һалманым. Барлыҡ кәрәк-яраҡ менән мине Македониянан килгән имандаштарыбыҙ тәьмин итте. Бер нәмәлә лә һеҙгә йөк булмаҫҡа тырыштым һәм артабан да тырышасаҡмын. Ахая өлкәләрендә бер кем дә был маҡтауымды тартып алмаҫ – һеҙҙе миндәге Мәсих хәҡиҡәте менән ышандырам. Ни өсөн шулай эшләйем һуң? Әллә һеҙҙе яратмағанғамы? Әммә һеҙҙе яратыуым Аллаға билдәле! Ләкин Алла эшен беҙҙең һымаҡ уҡ башҡарам тип маҡтанырға теләүселәргә юл ҡуймаясаҡмын. Быға тиклем дә шулай эшләнем, бынан һуң да шулай эшләүемде дауам итәсәкмен. Ундайҙар – ялған илселәр, Мәсихтең илселәре булып күренергә тырышыусы алдаҡсы хеҙмәтселәр. Был аптырарлыҡ та түгел, сөнки Иблис үҙе яҡтылыҡ фәрештәһе ҡиәфәтенә инә. Шунлыҡтан уның хеҙмәтселәренең хаҡлыҡ хеҙмәтселәре ҡиәфәтенә инеүе ғәжәп түгел. Әммә ахыр сиктә улар нимәгә лайыҡ булһалар, шуны аласаҡтар. Тағы шуны әйтәм: бер кем дә мине аҡылһыҙ тип һанамаһын. Ә һанаһағыҙ инде, миңә, аҡылһыҙға, бер аҙ маҡтанып алырға рөхсәт итегеҙ. Хәҙер әйтәсәк һүҙҙәрем – Раббы ҡушыуы буйынса түгел, ә ахмаҡ кеүек маҡтаныуым. Күптәр донъя кешеләре кеүек маҡтана, шуға күрә мин дә маҡтанайым. Һеҙ бит бик аҡыллы кешеләр һәм ахмаҡтарға теләп түҙемлек күрһәтәһегеҙ. Берәйһе үҙегеҙҙе ҡоллоҡҡа төшөргәндә, һеҙҙең иҫәбегеҙгә йәшәгәндә, һеҙҙең менән файҙаланғанда, үҙен күктәргә күтәргәндә, битегеҙгә һуҡҡанда һеҙ түҙәһегеҙ бит. Оят булһа ла әйтәйем, быларына инде «көсөбөҙ» етмәне. Ә кемдеңдер нимәгә булһа ла маҡтанырға батырсылығы етә икән, ул саҡта – аҡылһыҙ кеше һымаҡ әйтәйем – мин дә батырсылыҡ итәм. Улар ғивриме? Мин дә! Исраилдармы? Мин дә! Ибраһим нәҫеленәнме? Мин дә! Мәсих хеҙмәтселәреме? Әйткәнем аҡылһыҙлыҡ булып яңғыраһа ла, әйтәм: мин уларҙан артығыраҡ. Күпкә ауырыраҡ эштәр башҡарҙым, төрмәләргә лә йыш ябылдым, туҡмалыуҙарымдың иҫәбе юҡ һәм үлем хәлендә лә күп мәртәбәләр булдым. Йәһүдтәрҙән биш тапҡыр утыҙ туғыҙар мәртәбә ҡамсы менән һуғылдым. Өс тапҡыр таяҡ менән туҡмалдым, бер тапҡыр таш менән бәргесләнеләр, өс тапҡыр карап һәләкәтенә осраным, бер тәүлекте асыҡ диңгеҙ уртаһында үткәрҙем. Күп тапҡырҙар сәйәхәттәрҙә йөрөп, йылғаларҙа ҡурҡыныстарға дусар булдым, юлбаҫарҙар һөжүменә юлыҡтым, ырыуҙаштарымдан, бүтән халыҡ кешеләренән дә ҡурҡыныс янаны, ҡалаларҙа, сүллектә, диңгеҙҙә лә, ялған имандаштар араһында ла хәүеф һағаланы. Хәлдән тайғансы һәм йонсоғансы эшләнем, төндәремде йыш ҡына йоҡоһоҙ үткәрҙем, аслыҡтан һәм сарсауҙан яфаландым, ашау-эсеүҙән тыйылып торорға ла тура килде, һыуыҡта ла туңдым, яланғаслыҡта ла йәшәнем. Бынан тыш, көн һайын иңемә барлыҡ берҙәмлектәр өсөн хәсрәт йөгө ята. Берәү көсһөҙ булһа, уның янында мин дә көсһөҙ түгелме? Берәү гонаһҡа төшһә, уның өсөн әрнеүҙән янмайыммы? Маҡтанырға тура килһә, көсһөҙлөгөм менән маҡтанырмын. Раббыбыҙ Ғайсаның мәңге мөбәрәк Аллаһы һәм Атаһы белә: мин алдамайым. Дамаск ҡалаһында Аретас батшаның өлкә башлығы, мине эләктереү өсөн, ҡалаға һаҡ ҡуйҙы; ә мине кәрзингә һалып, ҡала диуарындағы тишек аша төшөрҙөләр, шулай уның ҡулына эләкмәнем. Маҡтаныуҙың файҙаһы булмаһа ла, маҡтанырға тура килә. Хәҙер Раббы тарафынан ебәрелгән илаһи күренмештәр һәм асылыштар тураһында һөйләйем. Мин Мәсихкә инаныусы бер кешене беләм, ул бынан ун дүрт йыл элек (тик тәнендәме, тәненән башҡамы – белмәйем, ул Аллаға ғына билдәле) күктең өсөнсө ҡатына тиклем күтәреп алынды. Ундай кеше менән маҡтанам, үҙем менән иһә маҡтанырлығым юҡ, көсһөҙ яҡтарым менән маҡтанһам ғына инде. Ә инде маҡтанырға теләһәм, аҡылһыҙ булмаҫ инем, сөнки һөйләгәнем дөрөҫ булыр ине. Әммә, берәү ҙә минең хаҡта күргәненән йә ишеткәненән яҡшыраҡҡа һанамаһын тип, үҙемде маҡтауҙан тыям. Миңә ғәҙәттән тыш асылыштар бирелгәнлектән, мин маһайып китмәһен өсөн, тәнемә «сәнскәк» ҡаҙалды, ул – Иблис фәрештәһе. Артыҡ маһаймаһын тип, мине яфаларға ебәрелде. Сәнскәкте тәнемдән тартып алыуын теләп, Раббыға өс тапҡыр үтендем. Әммә Раббы: «Мәрхәмәтем һиңә етә, сөнки Минең ҡөҙрәтем көсһөҙлөктә камиллыҡҡа өлгәшә», – тине. Шуға ла мин, Мәсих ҡөҙрәте миндә торһон өсөн, көсһөҙлөгөм менән бик теләп маҡтанам. Шуның өсөн Мәсих хаҡына тип түҙгән көсһөҙлөккә лә, кәмһетеүҙәргә, мохтажлыҡҡа, эҙәрлекләүҙәргә, ҡыйынлыҡтарға ла ризамын, сөнки мин көсһөҙ саҡта ҡеүәтлемен. Мин иҫәр хәлендә ҡалдым, быға мине һеҙ мәжбүр иттегеҙ. Мине һеҙ маҡтарға тейеш инегеҙ, сөнки, әһәмиәтһеҙ булһам да, «самаһыҙ бөйөк илселәрҙән» бер ерем дә кәм түгел. Минең илселек билдәм илаһи билдәләр, мөғжизәләр һәм ҡөҙрәтле эштәр аша арағыҙҙа ҙур ныҡышлыҡ менән күрһәтелде бит инде. Башҡа берҙәмлектәр менән сағыштырғанда, һеҙҙең менән нимәлә насар мөғәмәлә иттем һуң? Һүҙ һеҙгә үҙемдең йөк булмауым тураһында ғына барырға мөмкин. Бындай ғәйебем өсөн ғәфү итегеҙ! Бына өсөнсө тапҡыр һеҙгә барырға әҙермен, был юлы ла һеҙгә йөк булмам. Миңә һеҙҙеке булған нәмәләр түгел, ә һеҙ үҙегеҙ кәрәк. Балалар атай-әсәйҙәренә түгел, ә атай-әсәйҙәр балаларына байлыҡ тупларға тейеш бит. Һеҙҙең өсөн мин үҙемдә булғандың бөтөнөһөн, хатта үҙемде лә ҙур теләк менән сарыф итермен. Мин һеҙҙе нығыраҡ яратып, һеҙ мине кәмерәк яратаһығыҙмы? Ярай, нисек кенә булмаһын, һеҙгә йөк булманым. Әллә, хәйләкәр булараҡ, мәкер менән һеҙҙе үҙ ҡулдарыма алғанмынмы? Һеҙгә үҙем ебәргән кешеләрҙең берәйһе аша һеҙҙе файҙаландыммы әллә? Мин Титустың янығыҙға барыуын үтендем һәм уның менән бер имандашыбыҙҙы ебәрҙем. Титус һеҙҙе файҙаландымы әллә? Беҙ бер үк рух менән эш иттек түгелме ни? Бер үк юлда йөрөмәнекме? Моғайын, әле һаман беҙҙең хаҡта, былар алдыбыҙҙа аҡланып тора, тип уйлайһығыҙҙыр. Юҡ, беҙ, Мәсихтә булып, Алла алдында әйтәбеҙ, быларҙың бөтөнөһө лә, һөйөклөләрем, һеҙҙе рухи яҡтан нығытыу өсөн башҡарыла. Мин, барғас, һеҙҙе үҙем теләгән хәлдә күрмәҫмен тип ҡурҡам, һәм һеҙ ҙә мине үҙегеҙ теләгән хәлдә, бәлки, тап итмәҫһегеҙ. Арағыҙҙа ғауғалар, көнсөллөк, асыу, мин-минлек, яла яғыуҙар, ғәйбәт, тәкәбберлек, тәртипһеҙлектәр табыуҙан ҡурҡам. Барған саҡта Аллам мине һеҙҙең алда тағы ла кәмһетер тип шөрләйем һәм элекке гонаһтары – ҡылған әшәкелектәре, фәхешлек һәм аҙғынлыҡтары өсөн әлегә тиклем тәүбә итмәгән күптәр арҡаһында күҙ йәштәремде ағыҙырға тура килмәһен ине, тип хәүефләнәм. Һеҙгә өсөнсө тапҡыр киләсәкмен. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Һәр эш ике йәки өс шаһиттың күрһәтмәһе менән раҫланырға тейеш». Мин һеҙгә икенсе тапҡыр килгәндә киҫәтеү яһағайным. Хәҙер, һеҙҙән алыҫта булып, элек гонаһ ҡылғандарҙы, шулай уҡ башҡаларҙы ла, тағы ла бер тапҡыр киҫәтәм: яңынан янығыҙға ҡайтҡас, һеҙҙе йәлләмәйәсәкмен. Һеҙ бит Мәсихтең минең аша һөйләгәненә дәлил эҙләйһегеҙ. Ул һеҙгә ҡарата көсһөҙ түгел, ә арағыҙҙа көслө. Ул, ысынлап та, көсһөҙ килеш арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды, хәҙер иһә Алла ҡөҙрәте менән йәшәй. Беҙ ҙә шулай уҡ Мәсихтә көсһөҙбөҙ, әммә Алла ҡөҙрәте арҡаһында Уның менән һеҙҙең өсөн йәшәйәсәкбеҙ. Үҙегеҙҙе һынағыҙ: иман менән йәшәйһегеҙме? Үҙегеҙҙе тикшерегеҙ! Ғайса Мәсихтең үҙегеҙҙә булыуын белмәйһегеҙме әллә? Әгәр һынауҙы күтәрә алһағыҙ, әлбиттә. Беҙгә килгәндә, һынауҙы күтәрә алыуыбыҙҙы танырһығыҙ тип өмөт итәм. Һеҙҙең бер ниндәй ҙә яман эштәр ҡылмауығыҙҙы һорап, Аллаға доға ҡылабыҙ. Беҙ һынауҙы уңышлы үткәнебеҙҙе күрһәтергә түгел, ә һынауҙы үтә алмаған кеүек күренһәк тә, һеҙҙең изгелекле эш башҡарыуығыҙ өсөн доға ҡылабыҙ. Беҙ хәҡиҡәткә ҡаршы бер нәмә лә ҡыла алмайбыҙ, тик уның хаҡына ғына ҡыла алабыҙ. Шуға күрә беҙ – көсһөҙ, ә һеҙ көслө булғанда һөйөнәбеҙ һәм һеҙҙең камиллашыуығыҙ хаҡына доға ҡылабыҙ. Шунлыҡтан мин быларҙы һеҙҙән ситтә ваҡытта яҙам. Янығыҙға килгәс, Раббының миңә емерергә түгел, ә нығытырға тип биргән вәкәләтен ҡаты рәүештә ҡулланмауҙы өмөт итәм. Шулай итеп, имандаштар, ҡыуанығыҙ, камиллыҡҡа юл ҡуйығыҙ, нәсихәттәремде ҡабул итеп алығыҙ, фекерҙәш булығыҙ һәм бер-берегеҙ менән татыу йәшәгеҙ. Шул ваҡытта мөхәббәт һәм именлек Аллаһы һеҙҙең менән булыр. Бер-берегеҙҙе туғандарса яратып, үбеп сәләмләгеҙ. Һеҙҙе бөтә изгеләр сәләмләй. Раббы Ғайса Мәсихтең мәрхәмәте, Алланың мөхәббәте һәм Изге Рухта аралашыу һеҙҙең бөтәгеҙ менән булһын. Кешеләрҙән дә, әҙәм балаһы аша ла түгел, ә Ғайса Мәсих һәм Уны үленән терелткән Атабыҙ Алла тарафынан һайланған илсе Паулустан, минең менән бергә булған бөтөн имандаштарҙан Галатиялағы имандаштар берҙәмлектәренә сәләм. Һеҙгә Атабыҙ Алланан һәм Раббы Ғайса Мәсихтән мәрхәмәт һәм именлек булһын. Атабыҙ Алла ихтыяры менән әлеге насар замандан ҡотҡарам тип, Мәсих беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн Үҙен ҡорбан итте. Аллаға мәңгенән-мәңгегә дан. Амин. Мәсихтең мәрхәмәте менән һеҙҙе саҡырып алған Алланан йөҙ бороп, тиҙ генә ниндәйҙер икенсе бер «һөйөнөслө хәбәр»гә күсеүегеҙ мине ғәжәпләндерә. Әммә башҡа төрлө Һөйөнөслө Хәбәр юҡ! Һеҙҙең башығыҙҙы бутап, ҡайһы бер кешеләр Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе боҙорға теләй. Хатта үҙебеҙ йәки күктәге берәй фәрештә беҙ вәғәзләгәндән башҡа икенсе берәй һөйөнөслө хәбәрҙе иғлан итә башлаһа, уға ҡарғыш төшһөн. Элек әйткәйнек инде, хәҙер яңынан ҡабатлайым: берәйһе һеҙ бығаса ҡабул иткән Һөйөнөслө Хәбәрҙән башҡаны иғлан итә ҡалһа, уға ләғнәт яуһын! Мин хуплауҙы кешеләрҙән эҙләйемме, әллә Аллананмы? Бәлки, кешеләргә ярарға тырышамдыр? Шулай булһа, Мәсихтең хеҙмәтсеһе булмаҫ инем. Имандаштар, шуны белегеҙ: мин вәғәзләгән Һөйөнөслө Хәбәр кеше уйҙырмаһы түгел, мин уны кешеләрҙән ҡабул итмәнем һәм уларҙан өйрәнмәнем, мин уны Ғайса Мәсихтән килгән асылыштан алдым. Һеҙҙең йәһүд динендә булғанымда нисек йәшәгәнемде лә, Алла берҙәмлеген аяуһыҙ эҙәрләгәнем һәм юҡ итергә тырышҡанымды ла, ата-бабаларыбыҙ йолаларына мөкиббән бирелеп, халҡым араһында йәһүд динен тотҡан күп йәштәштәремә ҡарағанда алдынғыраҡ булғанымды ла ишеткәнегеҙ бар. һәм Йәрүсәлимгә, миңә тиклем үк илсе булғандар янына бармайынса, Ғәрәбстанға киттем, унан тағы Дамаск ҡалаһына ҡайттым. Шунан һуң өс йыл үткәс кенә, Йәрүсәлимгә Кефас менән танышырға барҙым һәм уның янында ун биш көн булдым. Әммә Раббының бер туған ҡустыһы Яҡуптан башҡа бер илсене лә күрмәнем. Алла ҡаршыһында әйтәм: яҙғандарым ялған түгел. Шунан һуң мин Сүриә һәм Киликия ерҙәренә киттем. Мәсихкә инаныусыларҙың Йәһүҙиәләге берҙәмлектәре иһә мине күреп белмәйҙәр ине. Минең турала улар, ҡасандыр үҙҙәрен эҙәрлекләгән кеше үҙе юҡ итергә тырышҡан иманды хәҙер үҙе үк вәғәзләй, тип кенә ишеткәндәр. Һәм минең өсөн Алланы данлағандар. Ун дүрт йыл үткәндән һуң Барнабас менән тағы Йәрүсәлимгә юлландым. Титусты ла үҙебеҙ менән алдыҡ. Миңә Алланан унда барырға кәрәк тигән асылыш булды һәм мин, әлеге тырышлыҡтарым юҡҡа түгелме, элеккеләре лә бушҡа булманымы, тип борсолоп, йәһүд булмаған халыҡтар араһында үҙем таратҡан Һөйөнөслө Хәбәрҙе ундағы абруйлы кешеләргә айырым әйтеп бирҙем. Әммә улар хатта минең менән булған Титусты, грек булыуына ҡарамаҫтан, сөннәтләнергә мәжбүр итмәне. Был турала һүҙ күтәрелде, сөнки арабыҙға һиҙҙермәй генә ялған имандаштар килеп инде. Улар беҙҙең Ғайса Мәсихтә тапҡан азатлығыбыҙ тураһында һораштырып-күреп ҡалырға һәм беҙҙе ҡанун ҡоллоғона төшөрөргә теләне. Беҙ иһә, Һөйөнөслө Хәбәрҙең хәҡиҡәте һеҙҙә һаҡланһын өсөн, һис кенә лә баш бирмәнек һәм буйһонманыҡ. Абруйлы кешеләр ҙә – ә уларҙың ниндәй булыуы минең өсөн мөһим түгел: Алла кешенең кемлегенә ҡарамай – һөйләгәндәремә ни ҙә булһа өҫтәүемде талап итмәне. Киреһенсә, улар, сөннәтлеләр араһында Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыу Петрусҡа йөкмәтелгән кеүек, сөннәтһеҙҙәр араһында вәғәзләү миңә тапшырылғанды күрҙеләр. Сөнки Петрусты сөннәтлеләрҙең илсеһе итеп, уның аша эш иткән Алла, йәһүд булмағандар араһындағы хеҙмәтен башҡарыу өсөн миңә көс бирҙе. Хеҙмәт итеү миңә Алла мәрхәмәте буйынса бирелгәнен аңлағас, имандаштар берҙәмлегенең терәге тип һаналған Яҡуп, Кефас һәм Яхъя, уртаҡ хеҙмәттәшлек билдәһе итеп, Барнабас менән минең ҡулды ҡыҫты. Беҙ – сит ҡәүемдәргә, ә улар сөннәтлеләргә барырға килештек. Улар фәҡирҙәргә ярҙам итергә онотмауыбыҙҙы ғына һораны. Мин был үтенесте теүәл үтәргә тырышам. Ә Кефас Антиохияға килгәс, мин уға асыҡтан-асыҡ ҡаршы сыҡтым, сөнки ул хаҡлы түгел ине. Яҡуп янынан ҡайһы берәүҙәр килгәнгә тиклем, Петрус иман ҡабул иткән мәжүсиҙәр менән бергә ашай ине, ә тегеләр килгәс ул, сөннәтләү яҡлы булғандарҙан ҡурҡып, ҡаса һәм ситләшә башланы. Уның менән бергә башҡа имандаш йәһүдтәр ҙә ике йөҙлөлөк күрһәтте, хатта Барнабас та улар яғына ауҙы. Ә мин, уларҙың Һөйөнөслө Хәбәр хәҡиҡәте буйынса хаҡ юлдан бармауҙарын күргәс, бөтөнөһө алдында Кефасҡа: «Һин үҙең, йәһүд була тороп, йәһүдтәрсә түгел, ә мәжүсиҙәрсә йәшәйһең. Ни өсөн һуң мәжүсиҙәрҙе йәһүдтәрсә йәшәргә мәжбүр итәһең?» – тип әйттем. Беҙ – тыумышыбыҙ менән йәһүд, ә гонаһлы мәжүсиҙәр түгел. Шулай ҙа кешеләрҙең ҡанун талаптарын үтәп түгел, ә Ғайса Мәсихкә инаныуыбыҙ аша ғына аҡланғанлығын беләбеҙ. Шуға күрә ҡанун талаптарын үтәү аша түгел, ә Мәсихкә инаныу аша аҡланыу өсөн, Ғайса Мәсихкә инандыҡ. Ҡанун талаптарын үтәү менән бер кем дә аҡлана алмаясаҡ. Әгәр ҙә Мәсихтәге аҡланыуға ынтылып та, үҙебеҙ үк гонаһлы булып сыҡһаҡ, Мәсих гонаһ хеҙмәтсеһе буламы ни? Улай түгел! Сөнки үҙем емергән нәмәләрҙе яңынан күтәрәм икән, бының менән мин үҙемдән енәйәтсе яһайым. Алла өсөн йәшәйем тип, мин ҡанун аша ҡанунға ҡарата үлдем. Мәсих менән бергә арҡысаҡҡа ҡаҙаҡландым. Инде мин үҙем түгел, миндә Мәсих йәшәй. Әле хәҙерге тәнемдә йәшәйем икән, мине яратҡан һәм минең өсөн Үҙен ҡорбан иткән Алла Улына иманым арҡаһында йәшәйем. Алла мәрхәмәтен кире ҡаҡмайым. Әгәр кеше ҡанунды үтәү юлы менән аҡлана икән, Мәсих юҡҡа үлгән булып сыға. Эй аҡылһыҙ галаттар! Һеҙҙең башығыҙҙы кем бутаны? Ғайса Мәсих һеҙҙең күҙ алдында арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған килеш асыҡ тасуирланғайны бит! Һеҙҙән шуны ғына белгем килә: Алла Рухын ҡанун талаптарын үтәү аша алдығыҙмы, әллә беҙҙән ишеткән Һөйөнөслө Хәбәргә ышаныу ашамы? Һеҙ шул тиклем аҡылһыҙмы ни? Изге Рух менән башлағайнығыҙ бит, ә хәҙер маҡсатығыҙға үҙ көсөгөҙ менән өлгәшергә уйланығыҙмы? Бар кисергәндәрегеҙ бушҡа булдымы ни? Юҡ, бының булыуы мөмкин түгел. Алла һеҙгә, Үҙенең Рухын биреп, мөғжизәләр ҡыла. Ул быны ҡанун үтәгәнегеҙ өсөн эшләйме, әллә ишеткән Һөйөнөслө Хәбәргә ышанғанығыҙ өсөнмө? Ибраһимды иҫегеҙгә төшөрөгөҙ: «Ибраһим Аллаға ышанды, һәм Алла быны тәҡүәлек тип ҡабул итте». Иманлыларҙың ғына Ибраһимдың ысын балалары булыуын аңлағыҙ. Изге Яҙмала Алланың бүтән халыҡтарҙы имандары аша аҡлаясағы алдан әйтелгәйне, Ибраһимға: «Бөтә халыҡтар һинең аша фатиха алыр», – тигән Һөйөнөслө Хәбәр белдерелде. Тимәк, иманлылар Аллаға инанған Ибраһим менән бергә фатиха ала. Ә ҡанун талаптарына таянып йәшәүселәр ләғнәт аҫтында була. Изге Яҙмала: «Ҡанун китабында яҙылғандарҙың бөтәһен дә теүәл үтәп бармаған һәр кемгә ләғнәт булһын», – тип яҙылған. Бер кемдең дә Алла алдында ҡанун аша аҡлана алмауы билдәле, сөнки «тәҡүә кеше иманы арҡаһында йәшәр». Ҡанун иһә иманға нигеҙләнмәгән, шуның өсөн «ҡанун талаптарын үтәгеҙ. Улар үҙҙәрен үтәгәндәргә йәшәү бирә». Мәсих беҙҙең өсөн Үҙе ләғнәт алып, ҡанун ҡәһәренән йолоп алып ҡалды. Изге Яҙмала: «Ағасҡа аҫып ҡуйылған һәр кеше ҡәһәрләнгән», – тип яҙылған бит. Был Ибраһимға бирелгән фатиха Ғайса Мәсих аша башҡа халыҡтарға ла килһен һәм вәғәҙә ителгән Рухты иман аша беҙ ҙә ала алһын өсөн эшләнде. Имандаштар! Көндәлек тормоштан шундай миҫал килтерәм: хатта кеше тарафынан раҫланған васыятты ла һис кем юҡҡа сығара йәки бер ни өҫтәй ҙә алмай. Вәғәҙәләр Ибраһимға һәм уның тоҡомона бирелгән. Әйткәндәй, Изге Яҙмала «тоҡомонан» тип күптәр тураһында түгел, ә уның тоҡомонан булған Берәү тураһында әйтелгән. Һүҙ Мәсих хаҡында бара. Шуны әйтергә теләйем: боронғо заманда уҡ Алла тарафынан Ибраһим менән төҙөп раҫланған килешеүҙе дүрт йөҙ утыҙ йылдан һуң сыҡҡан ҡанун ғәмәлдән сығара ла, вәғәҙәне кире ала ла алмай. Әгәр ҙә Алла вәғәҙә иткән нәмә ҡанунды үтәүгә бәйле булһа, ул инде вәғәҙәгә бәйле булмай бит. Ибраһимға иһә Алла уны вәғәҙә аша бүләк иткән. Улай булғас, ҡанун ни өсөн бирелгән? Ҡанун, гонаһтарҙы күрһәтеү өсөн, һуңынан бирелгән. Ибраһим тоҡомоноң вәғәҙә тәғәйенләнгән Кешеһе килгәнгә тиклем ҡанун ғәмәлдә булған. Ҡанун фәрештәләр тарафынан аралашсы аша тапшырылған. Әммә бер үҙең булғанда аралашсы кәрәкмәй. Ә Алла бер үҙе! Улайһа, ҡанун Алланың вәғәҙәләренә ҡаршы сығамы ни? Юҡ! Әгәр ҙә йәшәү бирә торған ҡанун бирелһә, кешеләрҙең аҡланыуы, ысынлап та, ҡанунды үтәү аша булыр ине. Әммә Изге Яҙма бөтә донъяның гонаһ тотҡононда булғанлығын белдерә, шуның өсөн дә Алланың вәғәҙә иткәне иман тотоусыларға Ғайса Мәсихкә инаныу аша бирелә. Ә инде ошо иман килгәнсе һәм ул асылғансы, беҙ ҡанун һағы аҫтында тотҡонлоҡта йәшәнек. Шулай итеп, Мәсих килгәс иман аша аҡланыу алыр өсөн, Ул килгәнгә тиклем беҙ ҡанун тәрбиәһе аҫтында булдыҡ. Ә инде иман килгәндән һуң, беҙ башҡаса тәрбиәсе ҡулы аҫтында түгелбеҙ. Ғайса Мәсихкә булған иманығыҙ аша һеҙ барығыҙ ҙа – Алла балалары. Сумдырылыу йолаһын үткән барығыҙ ҙа Мәсихкә кейендегеҙ, тип әйтеп була. Хәҙер йәһүд менән грек, ҡол менән ирекле, ир менән ҡатын араһында айырма юҡ – бөтәгеҙ ҙә Ғайса Мәсихтә берһегеҙ. Мәсихтеке икәнһегеҙ, тимәк, һеҙ – Ибраһимдың тоҡомдары һәм Алланың вәғәҙә иткәнен мираҫ итеп бүлешерһегеҙ. Шуны әйтмәксемен: вариҫ, сабый сағында бөтә нәмәнең хужаһы булһа ла, ҡолдан бер ни менән дә айырылмай. Атаһы билдәләгән ваҡытҡа тиклем ул тәрбиәселәренә һәм йорт идарасыларына буйһона. Шуның кеүек, беҙ ҙә бала саҡта донъяның идара итеүсе көстәре ҡоллоғонда инек. Әммә, билдәләнгән ваҡыт еткәс, Алла беҙгә Үҙенең Улын ебәрҙе, Ул ҡатын-ҡыҙҙан тыуған һәм ҡанунға буйһонған. Ул, ҡанун аҫтындағыларҙы ҡанундан йолоп алып, Алла балалары итеү өсөн килде. Ә һеҙ Уның балалары булғанға, Алла Үҙ Улының «Абба, Атам!» – тип саҡырыусы Рухын йөрәктәребеҙгә ебәрҙе. Шуға күрә һин инде ҡол түгел, ә Алла балаһы. Балаһы икәнһең, вариҫ һымаҡ, Алланың вәғәҙә иткәнен уртаҡлашырһың. Элек һеҙ, Алланы белмәгән саҡта, ысынында алла булмаған ялған илаһтарҙың ҡоло инегеҙ. Хәҙер инде, Алланы танып белгәс, дөрөҫөрәге, Алла тарафынан танылыу алғас, көсһөҙ һәм файҙаһыҙ көстәргә кире ҡайтып, ни өсөн уларҙың ҡоло булырға теләйһегеҙ? Һеҙ тәғәйен бер көндәрҙе, айҙарҙы, йылдарҙы һәм байрамдарҙы билдәләйһегеҙ. Һеҙҙең өсөн һалған хеҙмәтем бушҡа ғына булманымы икән, тип борсолам. Имандаштар, үтенеп һорайым, минең кеүек булығыҙ, сөнки мин дә һеҙҙең кеүекмен. Һеҙ мине бер ни менән дә үпкәләтмәнегеҙ. Ауырып китеүем сәбәпле һеҙҙә туҡталып, Һөйөнөслө Хәбәрҙе беренсе тапҡыр һеҙгә вәғәзләүемде беләһегеҙ. Ауырыуым һеҙҙең өсөн һынау булһа ла, мине кире ҡаҡманығыҙ, һанға һуҡмай торманығыҙ, ә Алла фәрештәһен ҡабул иткәндәй, хатта Ғайса Мәсихтең Үҙен ҡабул иткәндәй ҡаршыланығыҙ. Ул саҡтағы ҡыуанысығыҙ ҡайҙа булды һуң? Һеҙгә әйтәм, һеҙ бит хатта үҙ күҙҙәрегеҙҙе һурып алып, миңә бирергә әҙер инегеҙ. Һеҙгә хәҡиҡәт асҡаным өсөн дошманығыҙға әйләндемме әллә? Был кешеләр һеҙгә ҙур иғтибар бүлә, әммә яҡшы ниәт менән түгел, улар һеҙҙе минән айырып алып, үҙҙәре менән ҡыҙыҡһыныуығыҙҙы теләйҙәр. Яҡшы ниәт менән ҡыҙыҡһыныу һәйбәт, тик мин янығыҙҙа булғанда ғына түгел, ә һәр ваҡыт шулай булһын ине. Балаларым, һеҙҙә Мәсих сағыла башлағанға тиклем, һеҙҙең өсөн йәнә тулғаҡ ғазаптары кисерәм. Әле янығыҙҙа булырға һәм башҡасараҡ һөйләргә теләр инем, сөнки мин, һеҙҙең хаҡта ишетеп, аптырауҙа ҡалдым. Ҡанунға буйһонорға теләүселәр, әйтегеҙ әле, һеҙ ҡанун һүҙҙәрен тыңламайһығыҙмы әллә? Унда: «Ибраһимдың ике улы булған, уларҙың береһе ҡолдан, икенсеһе ирекле ҡатындан тыуған», – тип яҙылған. Әммә ҡолдан тыуғаны тәбиғи рәүештә донъяға килһә, ирекле ҡатындан булғаны – Алланың вәғәҙәһе буйынса тыуған бала. Бында шундай кинәйә бар: был ҡатындар ике килешеүҙе сағылдыра. Береһе Синай тауынан булып, ҡоллоҡ өсөн балалар тыуҙыра, ул – Хәжәр. Хәжәр Ғәрәбстандағы Синай тауын аңлата һәм хәҙерге Йәрүсәлимгә тап килә, сөнки хәҙерге Йәрүсәлим – үҙ балалары менән ҡоллоҡта. Ә күктәге Йәрүсәлим ирекле, ул – беҙҙең әсәбеҙ. Изге Яҙмала былай тип яҙылған: «Бала тапмаған, түлһеҙ ҡатын, һөйөн! Эй тулғаҡ ғазабы татымаған ҡатын, ҡыуаныстан ҡысҡыр! Сөнки ире ташлаған ҡатындың балалары ире булғаныныҡына ҡарағанда күберәк». Һеҙ иһә, имандаштар, – Исхаҡ кеүек, вәғәҙә буйынса тыуған балалар. Әммә тәбиғи рәүештә донъяға килгәне теге ваҡытта Рух аша тыуғанды нисек эҙәрлекләгән булһа, хәҙер ҙә шулай. Изге Яҙмала нимә тип әйтелгән һуң? «Ҡол ҡатынды улы менән бергә ҡыуып ебәр! Ҡол ҡатындың улы ирекле ҡатындың улы менән бергә вариҫ булмаясаҡ». Беҙ иһә, имандаштар, – ҡол ҡатындың балалары түгел, ә ирекле ҡатын балалары. Мәсих беҙҙе ирекле булыр өсөн азат итте, шуға күрә ныҡ булығыҙ, үҙегеҙҙе ҡабаттан ҡоллоҡ ҡалыбына дусар итмәгеҙ. Тыңлағыҙ, мин, Паулус, һеҙгә әйтәм: әгәр сөннәткә ултыртылаһығыҙ икән, Мәсихтән һеҙгә бер ниндәй ҙә файҙа булмаҫ. Ә сөннәтләнеүсе һәр кешенең Муса ҡанунының бөтөн талаптарын да үтәргә тейешлеген тағы бер тапҡыр раҫлайым. Һеҙ үҙегеҙҙе ҡанун менән аҡларға тырышаһығыҙ икән, тимәк, Мәсихтән айырылдығыҙ, Алла мәрхәмәтенән мәхрүм ҡалдығыҙ. Әммә беҙ Рух аша Алла алдында иман менән аҡланыуыбыҙҙы ышаныс менән көтәбеҙ. Ғайса Мәсихтә сөннәткә ултыртылыуҙың да, сөннәтһеҙ булыуҙың да бер ниндәй ҙә әһәмиәте юҡ, мөхәббәт аша эш итеүсе иман ғына әһәмиәткә эйә. Иман юлында һеҙ алға киткәйнегеҙ. Хәҡиҡәткә буйһонорға һеҙгә кем ҡамасауланы һуң? Бындай ышандырыу бит һеҙҙе саҡырған Алланан түгел. Аҙ ғына әсетке лә бөтөн ҡамырҙы әсетә. Мин Раббыға таянып, һеҙҙең башҡа төрлө фекер йөрөтмәҫегеҙгә ышанам, ә арағыҙҙағы баш ҡатырып йөрөүселәр, кем булыуына ҡарамаҫтан, язаһын алыр. Имандаштар, әгәр сөннәткә ултыртылыуҙың кәрәклеген әле лә вәғәзләгән булһам, ни өсөн мине һаман эҙәрлекләйҙәр? Ул ваҡытта арҡысаҡ тураһында өйрәтеүем дә кәртә булып тормаҫ ине. Һеҙҙең аралағы баш ҡатырып йөрөүселәрҙе сөннәтләү урынына тулыһынса бестереп ырғытһындар ине. Имандаштар, һеҙ иреккә саҡырылдығыҙ, тик һеҙҙең азатлығығыҙ тәндең нәфселәрен ҡәнәғәтләндереү өсөн һылтау булмаһын, бер-берегеҙгә мөхәббәт менән хеҙмәт итегеҙ. Бөтә ҡанундың асылын бер һүҙ менән аңлатып була: «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат». Әгәр бер-берегеҙҙе кимереп, этләшеүегеҙҙе дауам итһәгеҙ, бер-берегеҙҙе ҡырып бөтөүегеҙ бар. Һаҡ булығыҙ! Һеҙгә әйтәм: Рух буйынса йәшәһәгеҙ, гонаһлы тәбиғәтегеҙҙең теләктәренә бирешмәҫһегеҙ. Гонаһлы тәбиғәтегеҙ – Рухҡа, ә Рух гонаһлы тәбиғәтегеҙгә ҡаршы булғанды теләй. Улар бер-береһенә ҡаршы тора, шуға күрә һеҙ үҙегеҙ теләгәндәрҙе үтәй алмайһығыҙ. Тик һеҙҙең менән Рух етәкселек итә икән, ҡанун аҫтында түгелһегеҙ. Гонаһлы тәбиғәттең ҡылған эштәре билдәле, был – фәхешлек, шаҡшылыҡ, аҙғынлыҡ, ялған илаһтарға табыныу, сихырсылыҡ, дошманлашыу, ыҙғыш, көнсөллөк, ярһыу, мин-минлек, талаш, ялған тәғлимәттәр таратыу, хөсөтлөк, эскеселек, ҡоторонҡо мәжлестәр һәм башҡа шундай яманлыҡтар. Быға тиклем дә иҫкәртә килдем, йәнә иҫкәртәм: бындай юлға баҫыусылар Алла батшалығын мираҫ итеп алмаясаҡ. Алла Рухының емештәре иһә – мөхәббәт, шатлыҡ, именлек, сабырлыҡ, игелеклелек, изгелек, тоғролоҡ, баҫалҡылыҡ, тотанаҡлылыҡ. Бындай сифаттарға бер ниндәй ҡанун да ҡаршы килмәй. Ә Ғайса Мәсихтеке булғандар үҙҙәренең гонаһлы тәбиғәтен ынтылыштары һәм аҙғын нәфселәре менән арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлап ҡуйҙы. Рух менән йәшәйбеҙ икән, Рух буйынса эш итергә тейешбеҙ. Мәғәнәһеҙ данға ынтылмайыҡ, бер-беребеҙҙең йәнен көйҙөрмәйек, бер-беребеҙҙән көнләшмәйек. Имандаштар, берәйһе ниндәйҙер гонаһ өҫтөндә тотола икән, һеҙ, кемде Алла Рухы йөрөтә, ипле генә итеп уны төҙәтегеҙ. Әммә, ҡотҡоға бирелмәҫ өсөн, һәр берегеҙ үҙ-үҙен күҙәтһен. Бер-берегеҙгә тормоштоң ауыр йөгөн күтәрешегеҙ – шулай итеп Мәсих ҡанунын үтәрһегеҙ. Әгәр ҙә кемдер, үҙе тураһында ысынына ҡарағанда юғарыраҡ фекерҙә булып, үҙен башҡаларҙан өҫтөн ҡуя икән, ул фәҡәт үҙ-үҙен алдай. Һәр кем үҙ эшен айыҡ баһалаһын, шул саҡта үҙен башҡалар менән сағыштырмайынса үҙ хеҙмәте менән ғорурлана алыр. Һәр кем үҙ төйөнсөгөн үҙе күтәрергә тейеш бит. Өйрәнеүсе бар булған яҡшы нәмәләрен өгөт-нәсихәт биреүсеһе менән уртаҡлашһын. Алданмағыҙ: Алланы алдаштырыу мөмкин түгел – кеше ни сәсһә, шуны ура. Үҙенең гонаһлы тәбиғәтенә ярарға тырышып сәсеүсе – һәләкәт урыр, Рух яланында сәсеүсе Рухтан мәңгелек тормош алыр. Изгелек ҡылыуҙан арымайыҡ, әгәр туҡталмаһаҡ, шул саҡ уңышты ваҡытында урып алырбыҙ. Шуға күрә яйы сыҡҡан һайын һәр кешегә, бигерәк тә имандаштарға изгелек ҡылайыҡ. Күрәһегеҙме, хатымдың ҙур хәрефтәр менән яҙылған өлөшөн үҙ ҡулдарым менән яҙам. Тирә-яҡтағыларға тышҡы яҡтан ғына яҡшы тәьҫир ҡалдырырға теләүселәр, Мәсих арҡысағы хаҡына үҙҙәрен эҙәрлекләмәһендәр өсөн генә, һеҙҙе сөннәтле итергә тырышалар. Сөннәткә ултыртылғандар араһында ла ҡанунды тотмаусылар бар, әммә, һеҙҙе сөннәтләндереп, бының менән маҡтанып йөрөргә теләйҙәр. Ә минең Раббыбыҙ Ғайса Мәсих арҡысағынан башҡа бер ни менән дә маҡтанғым килмәй, минең өсөн был донъя шул арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды, ә мин донъя өсөн ҡаҙаҡландым. Сөннәтләнеүҙең йә сөннәтләнмәүҙең бер ниндәй ҙә әһәмиәте юҡ, яңы зат булып яратылыу ғына мөһим. Ошо ҡағиҙә буйынса йәшәгәндәргә һәм Алланың Исраил халҡына именлек һәм шәфҡәт булһын. Мине бер кем дә бүтәнсә бындай ҡайғыларға һалмаһын, сөнки мин тәнемдә Ғайсаға хеҙмәт итеүемдең билдәһе булған яра эҙҙәрен йөрөтәм. Имандаштар, Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең мәрхәмәте һеҙҙең рухығыҙ менән булһын. Амин. Алла ихтыяры менән Ғайса Мәсихтең илсеһе Паулустан Эфес ҡалаһындағы Ғайса Мәсихкә тоғро булған изгеләргә Атабыҙ Алланан һәм Раббы Ғайса Мәсихтән һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек булһын! Беҙҙе күктәге бөтөн рухи байлыҡтар менән Мәсихтә фатихалаған Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Атаһы һәм Аллаһы данланһын. Алла алдында изге һәм кәмселекһеҙ булыуыбыҙ өсөн, донъя яратылғанға тиклем үк Ул беҙҙе Мәсихтә һайлап алды һәм, беҙгә булған мөхәббәте хаҡына, Ғайса Мәсих аша беҙҙе Үҙ балалары итергә алдан уҡ билдәләп ҡуйҙы. Был – Уның изге ихтыяры һәм маҡсаты. Ул быны Үҙенең ғәзиз Улында беҙгә бүләк итеп биргән бөйөк мәрхәмәте маҡталһын өсөн эшләне. Беҙ Мәсихтә Уның ҡаны аша йолоп алынабыҙ, гонаһтарыбыҙ ғәфү ителә. Бының менән Алла сикһеҙ мәрхәмәтен күрһәтте. Алла беҙгә был мәрхәмәтен бар зирәклек һәм аҡыл менән бергә мул итеп бирҙе. Ул, Мәсихтә тормошҡа ашырырға ҡарар иткән изге ниәте буйынса, беҙгә Үҙ ихтыярының серен асты. Уның ниәте шулай: билдәләнгән ваҡыт еткәс, күктәрҙә һәм ерҙә булғандарҙың бөтөнөһөн дә Мәсихтә берләштереү. Барыһын да Үҙ ниәте һәм ихтыяры менән эшләүсе Алла, Үҙенең маҡсаты буйынса алдан билдәләп, беҙҙе Мәсихтә Үҙе вәғәҙә иткәнде алыусылар итте. Быны Ул беҙҙең, Мәсихкә өмөт бағлаусыларҙың тәүгеләре аша Алланың шөһрәте маҡталһын өсөн эшләне. Һеҙ ҙә хәҡиҡәт һүҙен – һеҙгә ҡотолоу килтереүсе Һөйөнөслө Хәбәрҙе ишетеп, Мәсихкә инанғас, Мәсихтә Алла тарафынан вәғәҙә ителгән Изге Рух менән мөһөрләндегеҙ. Ә Алла беҙҙе, Үҙенеке булғандарҙы, тулыһынса йолоп алғанға тиклем, Изге Рух – Алланың вәғәҙә ителгәнен алырыбыҙға ышаныслы билдә һәм шуның аша Алланың шөһрәтенә маҡтау булыр. Шуның өсөн мин дә, һеҙҙең Раббыбыҙ Ғайсаға булған иманығыҙ һәм Алланың бөтә изгеләренә мөхәббәтегеҙ тураһында ишетеп, доғаларымда иҫкә алып, Аллаға һеҙҙең өсөн бер туҡтауһыҙ рәхмәт әйтәм һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Аллаһы, шөһрәтле Ата, Уны яҡшыраҡ танып белеү өсөн һеҙгә аҡыл һәм асылыш Рухы бирһен тип доға ҡылам. менән Алла Мәсихтә лә, Уны үленән терелтеп, күктә Үҙенең уң яғына ултыртҡанда эш итте. Мәсих унда бөтөн етәкселәрҙән дә, хакимдарҙан, ҡеүәттәрҙән, һәр төрлө көстәрҙән дә өҫтөнөрәк, Уның исеме һәр төрлө атаҡлы исемдәр менән аталғандарҙан да был донъяла ғына түгел, киләсәк донъяла ла юғарыраҡ. Алла бөтә нәмәне буйһондороп, Мәсихтең аяҡ аҫтына һалды, Уны бөтөн нәмәнән өҫтөн итеп, имандаштар берҙәмлегенә баш итеп ҡуйҙы. Берҙәмлек иһә – Мәсихтең тәне, бөтөн нәмәлә лә бар нәмәне тултырып тороусы Мәсихтең тулылығы. Һеҙ яман эштәрегеҙ һәм гонаһтарығыҙ арҡаһында үле инегеҙ, һәм элек ошо донъяның гонаһлы ғәҙәттәренә, һауалағы яуыз көстәр менән идара итеүсегә, әлеге ваҡытта Аллаға буйһонмаған кешеләрҙә ғәмәл ҡылыусы рухҡа буйһоноп йәшәнегеҙ. Ҡасандыр беҙ бөтөнөбөҙ ҙә, тәнебеҙ һәм уйҙарыбыҙҙың ихтыяжын үтәп, тән теләктәре буйынса йәшәнек, һәм булмышыбыҙ арҡаһында беҙҙе, башҡалар кеүек үк, Алла асыуы көтә ине. Әммә сикһеҙ шәфҡәтле Алла беҙгә ҡарата Үҙенең бөйөк мөхәббәтен күрһәтте: беҙгә, яман эштәребеҙ арҡаһында үлеләргә, Мәсих менән бергә йәшәү бирҙе. Уның мәрхәмәте менән ҡотолдоғоҙ һеҙ. Алла беҙҙе Ғайса Мәсих менән бергә үленән терелтте һәм күктәрҙә Уның йәнәшәһенән урын бирҙе. Быны беҙгә ҡарата булған изгелеген һәм Үҙ мәрхәмәтенең сикһеҙ муллығын киләсәк быуаттарҙа Ғайса Мәсихтә күрһәтеү өсөн эшләне. Алла мәрхәмәте менән иман аша ҡотолдоғоҙ. Был – һеҙҙең үҙегеҙҙән түгел, был – Алла бүләге. Һеҙ ҡылған эштәрҙең һөҙөмтәһе лә түгел, шуға күрә бер кем дә маҡтанмаһын. Беҙҙе Алла ҡулы булдырҙы. Уның алдан әҙерләнгән яҡшы эштәрен башҡарыу өсөн, беҙ Ғайса Мәсихтә бар ителдек. Һеҙ, тыумышығыҙ менән ҡасандыр мәжүси булғандар, иҫегеҙгә төшөрөгөҙ: тән йолаһын ғына үтәп, үҙҙәрен «сөннәтле» тип атаған кешеләр һеҙҙе «сөннәтһеҙҙәр» тип йөрөтә ине. Элек һеҙ Мәсихһеҙ, Исраил йәмғиәтендә булмайынса, Алла тарафынан бирелгән вәғәҙәгә нигеҙләнгән килешеүҙән ситләтелеп, донъяла өмөтһөҙ һәм Аллаһыҙ йәшәй инегеҙ. Ҡасандыр Алланан алыҫ булһағыҙ ҙа, хәҙер Ғайса Мәсихтә, Уның ҡаны аша Аллаға яҡынайҙығыҙ. Ғайса Мәсих – беҙҙең татыулығыбыҙ. Ул бит, араларҙағы кәртәне емереп, ике яҡтан бер бөтөн яһаны. Үҙен ҡорбан итеп, арабыҙҙағы дошманлыҡты юҡ итте. Ҡанунды бойороҡтары һәм ҡағиҙәләре менән бергә ғәмәлдән сығарҙы. Уның маҡсаты: именлек урынлаштырып, был ике төркөмдән Үҙендә яңы бер халыҡ булдырыу һәм, Ғайса Мәсих арҡысаҡтағы үлеме менән арағыҙҙағы дошманлыҡты юҡҡа сығарып, ике яҡты ла бер тәндә Алла менән татыулаштырыу ине. Мәсих килгәс, һеҙгә – Алланан алыҫ тороусыларға ла, Аллаға яҡын булғандарға ла, татыулыҡ тураһында Һөйөнөслө Хәбәр иғлан итте. Сөнки Уның аша ике яҡ өсөн дә уртаҡ Рух менән Атабыҙ янына барыр юлыбыҙ бар. Тимәк, һеҙ – хәҙер ят һәм килмешәк түгел, ә Алланың изге халҡының милләттәштәре һәм Уның ғаилә ағзалары. Һеҙ илселәр һәм пәйғәмбәрҙәр нигеҙ булып торған йорт итеп ҡоролдоғоҙ, ә нигеҙҙең иң мөһим мөйөш ташы – Ғайса Мәсих Үҙе. Был нигеҙ ташы бөтөн бинаны бергә ҡушып тора һәм бина, күтәрелә барып, Раббыла Изге йорт булып ҡалҡыр. Һеҙ ҙә башҡалар менән бергә Алла Үҙенең Рухы менән йәшәгән торлаҡ булып төҙөләһегеҙ. Бына шуға күрә мин, Паулус, һеҙҙең, йәғни йәһүд булмағандарҙың хаҡына Ғайса Мәсихтең тотҡоно, Аллаға доға ҡылам. Алла Үҙенең мәрхәмәтен һеҙгә еткереү яуаплылығын миңә тапшырғанын ишеткәнһегеҙҙер. Быға тиклем ҡыҫҡаса яҙып үтеүемсә, Алла миңә серен асып, ниәтен белдерҙе. Һеҙ, яҙғандарымды уҡып, Мәсихтең серенең асылын нисек аңлағанымды күҙ алдына килтерә алырһығыҙ. Боронғо заманда был сер кешеләргә хәбәр ителмәне, хәҙер иһә Алла Рухы уны Үҙенең изге илселәре менән пәйғәмбәрҙәренә асып бирҙе. Был сер шунан ғибәрәт: Ғайса Мәсихтә, Һөйөнөслө Хәбәр аша, йәһүдтәр менән йәһүд булмағандар – бер тәндең ағзалары, вариҫтар һымаҡ, Алла биргән вәғәҙәне уртаҡлашыусылар. Алланың миндәге ҡеүәте арҡылы Уның миңә бүләк иткән мәрхәмәте менән был Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыу эшендә хеҙмәт итә башланым. Миңә, бөтә изгеләр араһында иң түбәненә, ошо мәрхәмәт – Мәсихтең сикһеҙ байлығын башҡа халыҡтарға вәғәзләү, бөтә нәмәне бар иткән Алла тарафынан баштан уҡ йәшереп тотолған серҙең ғәмәлгә нисек ашырылыуын бөтөнөһөнә яҡтыртыу хөрмәте бирелде. Был ниәт буйынса имандаштар берҙәмлеге аша күктәге етәкселәр менән хакимдарға Уның күп яҡлы зирәк аҡылы мәғлүм булыр. Алла тарафынан баштан уҡ билдәләнгән был мәңгелек ниәт Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтә тормошҡа ашырылды. Беҙ Мәсихтә Уға инаныуыбыҙ аша тәүәккәл һәм ышаныслы рәүештә Аллаға яҡынлаша алабыҙ. Шуға күрә, һеҙҙең хаҡҡа ғазаптар сигеүемә күңелегеҙ төшмәһен, тип үтенәм. Был ғазаптар – һеҙҙең данығыҙ өсөн. Шуға күрә мин Атабыҙ алдында тубыҡланып доға ҡылам. Күктә һәм ерҙә булған һәр ғаилә үҙенә йәшәйеште лә, исемде лә Унан ала. Шөһрәтенең байлығы менән һеҙгә эске яҡтан Үҙенең Рухы аша нығынырға ҡөҙрәт бирһен, иман тотоуыбыҙ аша күңелдәрегеҙҙә Мәсих йәшәһен, тип доға ҡылам. Һеҙ мөхәббәттә тамыр йәйгән һәм ныҡ торған хәлдә Беҙҙә эш итеүсе ҡеүәте менән һорағаныбыҙҙан йәки уйлағаныбыҙҙан сағыштырғыһыҙ күберәк эшләй Алыусыға, имандаштар берҙәмлегендә лә, Ғайса Мәсихтә лә Уға быуындан-быуынға, мәңгенән-мәңгегә дан булһын! Амин. Шуға күрә мин, Раббы хаҡына тотҡон булараҡ, һеҙҙең Алланан алған саҡырылыуығыҙҙа лайыҡлы йәшәүегеҙҙе үтенәм. Һәр ваҡыт тыйнаҡ, баҫалҡы һәм сабыр булығыҙ, бер-берегеҙҙе мөхәббәт менән ҡабул итегеҙ. Алла Рухы биргән берҙәмлекте именлек бәйләнештәре менән нығытып һаҡларға тырышығыҙ. Алла һеҙҙе саҡырған өмөт бер генә булған кеүек, һеҙ бөтөнөгөҙ – бер тән һәм Рух та бер. Раббы – бер, иман – бер, һыуға сумдырылыу – бер. Алла – бер, Ул – барыһының да Атаһы. Ул барыһынан да өҫтөн, барыһы аша эш итә һәм һәр кемебеҙҙә бар. Мәсих һәр беребеҙгә һәләтте Үҙе билдәләгәнсә бүләк итеп бирҙе. Шуның өсөн Изге Яҙмала: «Юғарыға күтәрелеп, әсирҙәрҙе артынан эйәртеп, кешеләргә бүләк өләште», – тип әйтелгән. Ә «юғарыға күтәрелеп» тигәне «Мәсих ерҙең иң түбән урындарына ла төшкәйне» тигән мәғәнә бирә. Ул түбәнгә төштө, ләкин, Үҙе менән бөтөн ғаләмде тултырыу өсөн, бар күктәрҙән дә юғарыраҡ күтәрелде. Ул Үҙе ҡайһы берҙәрен – илселәр, икенселәрен – пәйғәмбәрҙәр, бәғзеләрен – Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләүселәр, ҡайһыларын – башлыҡ һәм өйрәтеүсе итеп ҡуйҙы. Алланың изге халҡын хеҙмәт итеүгә әҙерләү, Мәсих тәнен – имандаштар берҙәмлеген – үҫтереү өсөн эшләне Ул быны. Был хеҙмәт бөтөнөбөҙ ҙә иманда һәм Алла Улын танып белеүҙә берҙәм булғанға тиклем дауам итәсәк. Шулай итеп, беҙ барыбыҙ ҙа рухи яҡтан өлгөргән һәм Мәсихтең тулы йәшенә еткән кешеләр булырбыҙ. Мәкерле кешеләрҙең хәйләләренә, тәғлимәттәренә ышанып, төрлө яҡҡа борғолаған елдәр һәм тулҡындар ыңғайына һуғылып, алданып йөрөүсе сабый булыуҙан туҡтайыҡ. Киреһенсә, хәҡиҡәт тураһында һөйөү менән һөйләп, Уға, тәндең башы булған Мәсихкә, ярашлы рәүештә һәр яҡтан үҫәйек. Уның аша тәндең һәр ағзаһы, бер-береһен беркетеүсе быуындар ярҙамында тоташып һәм берләшеп, үҙенә тейешле эш башҡарғанда, бөтөн тән үҫә һәм үҙ-үҙен мөхәббәттә үҫтерә. Шуға күрә Раббы исеменән әйтәм һәм талап итәм: артабан зиһендәре томаланған мәжүсиҙәр кеүек йәшәмәгеҙ. Уларҙың наҙанлыҡтан һәм тиҫкәрелектән аңдары томаланған. Алла тарафынан бирелгән тормоштан ситләтелгәндәр. Улар, намыҫтарын юғалтып, аҙғынлыҡҡа бирелгән һәм ҡомһоҙланып һәр төрлө боҙоҡлоҡтар ҡыла. Ә һеҙ Мәсих тураһында икенсе нәмәләр өйрәнгәйнегеҙ бит. Һеҙ, әлбиттә, Уның тураһында ишеткәнһегеҙҙер һәм хәҡиҡәттең Ғайсала нисек булыуын өйрәнгәнһегеҙҙер. Алдатҡыс нәфсе менән мауығып, аҙғынлыҡ юлынан барған элекке кешенең бығаса алып барған йәшәү рәүешенән баш тартып, фекер рәүешегеҙ һәм рухығыҙ яңырһын, һәм Аллаға оҡшатып яратылған, ысын мәғәнәһендә тәҡүә һәм изге булыр өсөн, яңы кеше булып кейенегеҙ. Беҙ бер тәндең ағзалары булғанға күрә, һәр кем, ялғанды кире ҡағып, үҙ яҡынына дөрөҫөн һөйләһен. Асыулы сағығыҙҙа ла гонаһ ҡылмағыҙ, ҡояш байығансы ярһыуығыҙ баҫылһын. Үҙ тормошоғоҙҙа Иблискә урын ҡалдырмағыҙ. Урлашыусылар башҡаса урлашмаһын, ә мохтаждарға ярҙам күрһәтер өсөн үҙ ҡулдары менән берәй файҙалы эш башҡарһын. Ауыҙығыҙҙан бер ниндәй ҙә яман һүҙ сыҡмаһын, тыңлаусыларға яҡшылыҡ килтерһен өсөн, нәсихәт биргәндә тик яҡшы һүҙҙәр әйтегеҙ. Алланың Изге Рухын ҡайғыға һалмағыҙ, сөнки һеҙҙе йолоп алып ҡалыу көнө өсөн тамғаланған мөһөр – нәҡ Үҙе. Әсенеү, ярһыу, асыу, ҡысҡырыу, яман теллелек һәм һәр төрлө яуызлыҡтарҙан баш тартығыҙ. Бер-берегеҙгә ҡарата изгелекле, шәфҡәтле булығыҙ, Алла һеҙҙе Мәсих арҡаһында ғәфү иткән кеүек, бер-берегеҙҙе ғәфү итегеҙ. Алланың ҡәҙерле балалары булараҡ, Уға оҡшарға тырышығыҙ. Мәсих беҙҙе яратҡан кеүек, һеҙ ҙә мөхәббәттә йәшәгеҙ. Беҙҙе яратыуы менән Аллаға хуш еҫле бүләк һәм ҡорбан булып Мәсих беҙҙең өсөн ғүмерен бирҙе. Алланың изге халҡы булып йәшәгеҙ, аҙғынлыҡ, шаҡшылыҡ һәм һәр төрлө ҡомһоҙлоҡ тураһында арағыҙҙа һүҙ ҙә булырға тейеш түгел. Оятһыҙ хәбәр, ғәйбәт, төртмә һүҙҙәр һөйләгәнсе, Аллаға шөкөр итегеҙ. Шуны белегеҙ: бер ниндәй аҙғын да, шаҡшы ла, ҡомһоҙ ҙа (ундай кеше ялған илаһтарға табыныусыға тиң) Мәсих һәм Алла батшалығынан өлөш ала алмай. Бер кем дә буш һүҙҙәр менән башығыҙҙы бутамаһын, сөнки улар өсөн тыңлауһыҙ кешеләргә Алланың асыуы төшә лә инде. Ундайҙар менән бергә булмағыҙ. Һеҙ ҡасандыр ҡараңғылыҡ инегеҙ, ә хәҙер, Раббыла булғанға, яҡтылыҡһығыҙ. Артабан да яҡтылыҡ кешеләре булып йәшәгеҙ. Яҡтылыҡ емеше һәр төрлө изгелектән, ғәҙеллектән һәм хәҡиҡәттән тора. Раббыға хуш килгән нәмәләрҙе айыра белегеҙ. Ҡараңғылыҡтың файҙаһыҙ эштәрендә ҡатнашмағыҙ, киреһенсә, уларҙы фаш итегеҙ. Ундайҙарҙың йәшерен рәүештә ҡылғандары тураһында һөйләргә лә оят. Ләкин бөтә йәшерен нәмәләр ҙә яҡтылыҡта күҙгә күренәсәк, ә яҡтылыҡта күренгән бар нәмә – үҙе үк яҡтылыҡ. Шуның өсөн дә: «Йоҡоға талған кеше, уян һәм үленән терел! Мәсих һиңә нур сәсер!» – тип әйтелгән. Тормошта уяу булығыҙ, аҡылһыҙҙар кеүек түгел, ә аҡыл эйәләре кеүек йәшәгеҙ. Һәр уңайлы мөмкинлекте дөрөҫ файҙаланығыҙ, сөнки яман заманда йәшәйбеҙ. Шуға күрә аңһыҙ булмағыҙ, Раббы ихтыярын аңлағыҙ. Шарап эсеп иҫермәгеҙ, сөнки ул боҙоҡлоҡҡа килтерә, киреһенсә, Изге Рух менән һуғарылығыҙ. Бер-берегеҙ менән мәҙхиәләр, маҡтау шиғырҙары һәм рухи йырҙар аша аралашығыҙ, күңелегеҙҙә Раббыны данлап йырлағыҙ, бөтә нәмә өсөн дә һәр ваҡыт Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеме аша Атабыҙ Аллаға рәхмәт әйтегеҙ. Мәсихкә ихтирам йөҙөнән бер-берегеҙгә буйһоноғоҙ. Ҡатындар, ирҙәрегеҙгә Раббыға буйһонған кеүек буйһоноғоҙ, сөнки Мәсих имандаштар берҙәмлегенең башы булған кеүек, ир – ҡатынының башы, Мәсих иһә – Үҙ тәне булған берҙәмлектең ҡотҡарыусыһы. Имандаштар берҙәмлеге Мәсихкә буйһонған кеүек, ҡатындар ҙа һәр тарафтан ирҙәренә буйһонһон. Ирҙәр, Мәсих берҙәмлекте яратҡан һәм Уның өсөн Үҙен ҡорбан иткән кеүек, һеҙ ҙә ҡатындарығыҙҙы яратығыҙ. Ул берҙәмлекте изгеләндереү өсөн Үҙен ҡорбан итте һәм һүҙ аша һыу менән таҙарындырҙы. Быны Ул имандаштар берҙәмлеген бөтә шөһрәтендә, бер ниндәй тапһыҙ, йыйырсыҡһыҙ һәм башҡа төрлө етешһеҙлектәре булмаған, йәғни изге һәм кәмселекһеҙ итеп Үҙенең алдына килтереү өсөн эшләне. Шулай уҡ ирҙәр үҙ тәнен нисек ярата, ҡатынын да шулай яратырға тейеш. Ҡатынын яратҡан ир үҙен ярата. Бер кем дә бер ҡасан да үҙ тәненә нәфрәтле булмай, киреһенсә, Мәсих берҙәмлекте хәстәрләгән кеүек, туҡландыра һәм ҡайғырта. Беҙ бит – Уның тәненең ағзалары. Шуға күрә «ир кеше, атаһы менән әсәһен ҡалдырып, ҡатынына ҡушылыр һәм икеһе бер тән булырҙар». Бының сере бөйөк: был һүҙҙәрҙе мин Мәсихкә һәм имандаштар берҙәмлегенә ҡарата әйтәм. Һеҙгә килгәндә иһә, һәр берегеҙ ҡатынын үҙ-үҙен яратҡан кеүек яратһын, ә ҡатын ирен хөрмәт итһен. Балалар, ата-әсәләрегеҙгә Раббыла тыңлаусан булығыҙ, сөнки ғәҙеллек шуны талап итә. «Атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит» – был Алла тарафынан бирелгән беренсе бойороҡ. Ә бойороҡҡа өҫтәлгән вәғәҙәһе шул: «шулай эшләһәң, һинең өсөн яҡшы булыр һәм ерҙә ғүмерең оҙон булыр». Ә һеҙ, атайҙар, балаларығыҙҙың күңелен ҡыймағыҙ, Раббының өйрәтеүҙәрен һәм өгөт-нәсихәттәрен иҫтә тотоп, уларҙы тәрбиәле итеп үҫтерегеҙ. Ҡолдар, Мәсихкә буйһонған кеүек, ерҙәге хужаларығыҙға ла ихтирамлы рәүештә һәм ҡурҡыу аша ихлас күңелдән буйһоноғоҙ. Һеҙ быны күҙ буяп, ярамһаҡланыу өсөн түгел, ә ысын күңелдән, Алла ихтыярын үтәп, Мәсихтең ҡолдары булараҡ башҡарығыҙ. Кешеләргә түгел, ә Раббыға хеҙмәт иткән кеүек тырышлыҡ күрһәтегеҙ. Раббынан һәр кем – ҡолмо ул, ирекле кешеме, – эшләгән яҡшылыҡтары өсөн әжер аласағын беләһегеҙ. Һеҙ ҙә, хужалар, ҡолдарға ҡарата шундай уҡ мөғәмәләлә булығыҙ, янауҙарҙан тыйылығыҙ. Һеҙҙең дә, уларҙың да Хужаһы күктә булыуын беләһегеҙ, ә Уның өсөн бөтөнөһө лә бер тигеҙ. Йомғаҡлап шуны әйтәм: Раббыла Уның көсө һәм ҡеүәте менән нығынығыҙ. Иблистең мәкерле ниәттәренә ҡаршы тора алыу өсөн Алла биргән хәрби кейемдәргә кейенегеҙ. Беҙ кешеләргә ҡаршы түгел, ә ошо донъя ҡараңғылығының етәкселәренә, хакимдарына, хужаларына һәм күктәге яуыз рухи көстәргә ҡаршы көрәшәбеҙ. Ҡара көндәрҙә дошманға ҡаршылыҡ күрһәтеп, бар нәмәне тамамлағанға тиклем бирешмәҫ өсөн, Алла биргән хәрби кейемдәрҙе кейегеҙ. Шулай итеп, билдәрегеҙҙе хәҡиҡәт билбауы менән быуып, тәҡүәлек һарайтаһын кейеп, сафҡа тороғоҙ. Именлек тураһында Һөйөнөслө Хәбәрҙе белдерергә әҙерлегегеҙҙе аяҡ кейеме итеп кейегеҙ. Ҡулдарығыҙҙа һәр саҡ иман ҡалҡанын тотоғоҙ, уның ярҙамында Иблистең утлы уҡтарын һүндерә алырһығыҙ. Ҡотолоуҙы торҡа итеп кейегеҙ һәм Рух ҡылысын – Алла һүҙен алығыҙ. Һәр төрлө доға һәм үтенес менән Изге Рухта һәр ваҡыт Аллаға ялбарығыҙ. Бының өсөн даими рәүештә, арымай-талмай бөтә изгеләр өсөн доға ҡылығыҙ. Һөйөнөслө Хәбәрҙең серен тәүәккәл белдереүемде теләп, һөйләгән саҡта кәрәкле һүҙҙәр табылып торһон тип, минең өсөн дә доға ҡылығыҙ. Доғаларығыҙҙа минең тотҡонлоҡта ла Һөйөнөслө Хәбәр хаҡына вәкил булып, тейешенсә ҡыйыулыҡ менән вәғәзләй алыуымды һорағыҙ. Минең хәлдәрем һәм эштәрем тураһында ҡәҙерле имандашыбыҙ һәм Раббы эшендә тоғро хеҙмәтсе Тухикус барыһын да һөйләп бирер. Шуның өсөн, хәлебеҙҙе хәбәр итеү һәм күңелдәрегеҙҙе күтәреү маҡсаты менән, Тухикусты янығыҙға ебәрәм. Атабыҙ Алланан һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтән имандаштарыбыҙға именлек һәм иманлы мөхәббәт булһын. Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте бөтмәҫ һөйөү менән яратыусыларҙың бөтөнөһөнә лә Алланың мәрхәмәте булһын. Ғайса Мәсихтең ҡолдары Паулус менән Тимоҫеустан Филиппойҙағы имандаштар берҙәмлегенең етәкселәре һәм ярҙамсыларына, Ғайса Мәсихтәге бар изгеләргә сәләм. Атабыҙ Алланан һәм Раббы Ғайса Мәсихтән һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек булһын! Һеҙҙе иҫкә төшөргән һайын Аллама рәхмәттәр уҡыйым, бөтәгеҙ өсөн ҡылған доғаларымды һәр ваҡыт ҙур шатлыҡ менән башҡарам, сөнки тәүге көндән башлап бөгөнгә тиклем Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыуҙа ҡатнашаһығыҙ. Тормошоғоҙҙа изгелекле эш башлаған Алла уны Ғайса Мәсих килгән көнгә тиклем тамамлар, тип ышанам. Миңә һеҙҙең бөтәгеҙ тураһында ла шулай тип уйларға нигеҙ бар, сөнки һеҙ минең йөрәгемдә урын алдығыҙ. Төрмәлә булған ваҡытта ла, Һөйөнөслө Хәбәрҙе яҡлағанда һәм раҫлағанда ла, барығыҙ ҙа минең менән Алла мәрхәмәтен бүлешәһегеҙ. Барығыҙҙы ла Ғайса Мәсих һөйөүе менән яратыуыма һәм һағыныуыма Алла шаһит. Мөхәббәтегеҙ белем, тәрән аң-зиһен менән тулыланып артҡандан-арта барһын, тип доға ҡылам. Һеҙ иң яҡшыны һайлап ала белһен, Мәсих килер көнгә саф һәм кәмселекһеҙ булһын, Алланы данлау һәм маҡтау өсөн Ғайса Мәсих аша килгән хаҡлыҡ емештәрен мул килтерһен, тип доға ҡылам. Имандаштар, минең менән булған хәлдәрҙең дә Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыуҙа файҙа килтергәнен белеүегеҙҙе теләйем. Һөҙөмтәлә Мәсих хаҡына тотҡонда булыуым ҡайсар һаҡсыларына ла, башҡаларға ла мәғлүм булды. Ә имандаштарыбыҙҙың күбеһенең, тотҡонда булыуымды белеп, Раббыға ышаныстары нығынды, Алла һүҙен тағы ла ҡыйыуыраҡ, ҡурҡмайынса вәғәзләй башланылар. Шуныһы ла хаҡ: ҡайһы берәүҙәр Мәсихте көнсөллөк тойғоһо һәм бер-береһенән уҙҙырырға тырышыу арҡаһында вәғәзләй, әммә икенселәре был эште иң яҡшы ниәт менән башҡара. Былары, минең Һөйөнөслө Хәбәрҙе яҡлау өсөн Алла тарафынан төрмәгә бикләнгәнемде белеп, мөхәббәткә таянып эш итә. Тәүгеләре иһә ысын күңелдән түгел, ә үҙҙәренә файҙа эҙләгәндән, төрмәләге хәлемде ауырайтыу өсөн Мәсихте вәғәзләй. Әммә уныһы әһәмиәтле түгел. Мәсихте нисек кенә вәғәзләмәһендәр, ике йөҙлөлөк менәнме, ихласмы – мин быға шатмын. Артабан да ҡыуанасаҡмын ғына, сөнки беләм: әлеге хәлем һеҙҙең доғаларығыҙ һәм Ғайса Мәсих Рухының ярҙамы менән мине ҡотолоуға илтер. Бер ниндәй хәл дә мине хурлыҡҡа төшөрә алмауына, һәр ваҡыттағыса хәҙер ҙә ҡыйыу булырыма һәм, йәшәйемме мин, үләмме, Мәсихте бөтә йәнем-тәнем менән данларыма өмөтләнәм һәм ашҡынып көтәм. Минең өсөн йәшәү – ул Мәсих, ә үлем – табыш. Әгәр ҙә артабан да йәшәйем икән, был эшемдең уңышлы булыуын аңлата. Был осраҡта ҡайһыныһын һайлармын – белмәйем. Мин ике юл сатында торам. Был донъяны ҡалдырып, Мәсих менән бергә булырға тигән теләгем бар, һәм был күпкә яҡшыраҡ. Әммә һеҙҙең өсөн минең был донъяла ҡалыуым мөһимерәк. Быға ныҡ инанғанлыҡтан, һеҙҙең менән ҡалып, ҡыуанысығыҙҙың, имандағы уңышығыҙҙың үҫеүе хаҡына барығыҙ менән бергә булырмын. Янығыҙға ҡабат килгәндә, һеҙ минең өсөн Ғайса Мәсихтә тағы ла нығыраҡ ғорурлана аласаҡһығыҙ. Нисек кенә булмаһын, Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәргә лайыҡлы йәшәгеҙ. Мин киләмме, яңынан һеҙҙе күрәмме, әллә килмәйемме – берҙәм булыуығыҙҙы һәм иңгә-иң терәп, Һөйөнөслө Хәбәргә ышаныу хаҡына көрәшеүегеҙҙе ишетеп торорға яҙһын. Бер ниндәй осраҡта ла үҙегеҙгә ҡаршы булған кешеләрҙән ҡурҡмағыҙ: был – уларға һәләкәт, ә һеҙҙең өсөн ҡотолоу билдәһе. Был – Алла эше, сөнки һеҙгә Мәсихкә ышаныу ғына түгел, ә Уның өсөн ғазаптар сигеү ҙә бирелде. Һеҙ мин алып барған көрәште үҙегеҙ ҙә күрҙегеҙ, ишетеп тә тораһығыҙ һәм шулай уҡ көрәшәһегеҙ. Әгәр Мәсихтә йыуаныс табаһығыҙ икән, әгәр Уның мөхәббәте шатлыҡ килтерә икән, әгәр һеҙҙә Рух уртаҡлығы, шәфҡәтлелек һәм миһырбанлылыҡ бар икән, минең ҡыуанысымды тулыландырығыҙ: бер фекерҙә булығыҙ, мөхәббәтегеҙҙе уртаҡ итеп, бер маҡсат һәм бер ниәт менән йәшәгеҙ. Бер-берегеҙҙе уҙырға тырышып, дан артынан ҡыумағыҙ, киреһенсә, күндәм булып, башҡаларҙы өҫтөн күрегеҙ. Һәр кем үҙ мәнфәғәтен генә түгел, башҡалар хаҡында ла хәстәрлек күрһен. Бер-берегеҙгә ҡарата уй-фекерҙәрегеҙ Ғайса Мәсихтеке кеүек булһын. Ул булмышы менән илаһи булһа ла, Аллаға тиң булыуынан файҙа алырға ынтылманы, бар нәмәнән Үҙ теләге менән баш тартып, ҡол булмышында, беҙҙең кеүек булып, кеше ҡиәфәтендә йәшәне. Үҙенең үлеменә тиклем, ул ғына ла түгел, арҡысаҡтағы үлемендә лә Үҙен түбән ҡуйҙы һәм тыңлаусан булды. Шуға күрә Алла тарафынан Ул барыһынан да юғары күтәрелде, Уға бөтә исемдәрҙән бөйөгөрәк исем бирелде: Ғайса исеме алдында күктәгеләрҙең, ерҙәгеләрҙең һәм ер аҫтындағыларҙың бөтәһе лә теҙләнһен, Атабыҙ Алланың даны хаҡына һәр тел Ғайса Мәсихте Раббы тип таныһын. Һөйөклөләрем, һеҙ мине янығыҙҙа булғанда ғына түгел, бигерәк тә хәҙер, янығыҙҙа булмағанда ла, ҡотолоуығыҙ хаҡына, ҡурҡыу һәм ҡалтырау аша хеҙмәтегеҙҙе аҙағына тиклем дауам итегеҙ. Сөнки Үҙенең ихтыяры менән һеҙҙә теләк һәм эш итеү һәләте уятып, Алла Үҙе һеҙҙә эш итә. Һәр нәмәне зарланмай һәм бәхәсләшмәй генә башҡарығыҙ. Ҡорбан булараҡ Аллаға тәҡдим ителгән иманығыҙға һәм хеҙмәтегеҙгә өҫтәп хатта тормошом ҡорбан ителһә лә, мин ҡыуанам һәм бөтәгеҙ менән дә ҡыуанысымды уртаҡлашам. Һеҙ ҙә шулай уҡ ҡыуанығыҙ һәм ҡыуанысымды уртаҡлашығыҙ. Раббы Ғайса ярҙамы менән тиҙҙән һеҙгә Тимоҫеусты ебәрермен тип өмөт итәм. Уның аша хәлдәрегеҙҙе белешеп, мин дә күңелемде тынысландырыр инем. Һеҙҙең хаҡта уның кеүек ихлас күңелдән хәстәрлек күреүсе башҡа бер кемем дә юҡ. Башҡалар, Ғайса Мәсихкә ҡулай булғанды түгел, ә үҙ яғын нығыраҡ ҡайыра. Тимоҫеустың ышаныслы булыуы һеҙгә билдәле: ул Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыуҙа миңә үҙ атаһына хеҙмәт иткән кеүек хеҙмәт итте. Шуға күрә, әлеге хәлемдең нисек булырын белгәс тә, уны шунда уҡ һеҙҙең янға ебәрермен тип өмөтләнәм. Үҙемдең дә тиҙҙән янығыҙға барып етеремә Раббы ышаныс бирә. Мохтажлыҡ кисергәнемдә һеҙҙең миңә ярҙамға ебәргән вәкилегеҙ, имандашым һәм хеҙмәттәшем, көрәштәшем Әпәфродитосты кире ҡайтарыуҙы кәрәкле тип табам. Сөнки ул барығыҙҙы ла һағына һәм, ҡаты ауырыуы тураһында ишетеүегеҙҙе белгәс, ныҡ күңелһеҙләнде, Әпәфродитос, ысынлап та, ныҡ ауырып китте, хатта үлем хәлендә ине. Тик, ҡайғы өҫтөнә ҡайғы булмаһын тип, Алла уға ғына түгел, миңә лә мәрхәмәт күрһәтте. Шуға ла мөмкин тиклем тиҙерәк ҡайтарып ебәрәм, уны яңынан күреп һеҙ ҙә ҡыуанырһығыҙ, минең дә ҡайғым кәмер. Һеҙ уны, Раббылағы имандашығыҙ булараҡ, оло шатлыҡ менән ҡабул итегеҙ һәм уның кеүектәргә хөрмәт күрһәтегеҙ. Ул, хеҙмәтегеҙҙең етешмәгән яҡтарын еренә еткереү өсөн, үҙ ғүмерен Мәсих эше хаҡына ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, үлемдән саҡ тороп ҡалды. Имандаштарым, инде шуны әйтәм: Раббыла ҡыуаныс табығыҙ. Бер үк нәмәләр тураһында яҙыу миңә мәшәҡәт тыуҙырмай, ә һеҙҙе был күп бәләләрҙән һаҡлар. Эт әҙәмдәрҙән һаҡланығыҙ! Яуызлыҡ ҡылыусыларҙан һаҡланығыҙ! Дөрөҫ булмаған сөннәтләүҙе талап итеүселәрҙән һаҡланығыҙ! Ысын сөннәтлеләр – беҙ, тән йолаларына таяныусылар түгел, ә Аллаға Уның Рухы менән ғибәҙәт ҡылыусылар һәм Ғайса Мәсих менән ғорурланыусылар. Мин үҙем дә ундай йолаларға таяна алыр инем. Әгәр башҡа берәү тән йолаларына таянырға теләй икән, минең быға нигеҙем нығыраҡ. Мин тыуғас, һигеҙенсе көндә үк сөннәткә ултыртылғанмын, Исраил халҡынанмын, Бинйәмин ырыуынанмын, ғивриҙәрҙән тыуған ғивримен, ҡанун буйынса фарисей, ашҡынып Мәсих берҙәмлеген эҙәрлекләнем, ҡанун талаптарын үтәү буйынса намыҫым да таҙа булды. Элек үҙем өсөн табыш тип һанаған нәмәләрҙең Мәсих хаҡына юғалтыу икәнлеген әле килеп аңланым. Мин Мәсихтең Үҙен танырға, Уның үленән терелеү ҡөҙрәтен белергә, ғазаптарын уртаҡлашырға һәм Мәсихтең үлемендә Уға оҡшарға теләйем. Шулай мин үленән терелеремә лә өлгәшермен тип өмөтләнәм. Быға өлгәштем йәки камиллаштым тип әйтмәйем, әммә Ғайса Мәсих миңә эйә булғанға күрә мин дә шуға эйә булырға тырышам. Имандаштар, мин маҡсатыма өлгәштем тип һанамайым. Ә бары тик үткәнемде онотоп алға ынтылам, маҡсатыма – Алла мине күктән Ғайса Мәсихтә алырға саҡырған бүләккә ашҡынам. Беҙгә, рухи яҡтан өлгөрөп еткәндәргә, шундай фекерҙә булыу зарур. Әгәр берәй нәмәлә башҡасараҡ фекер йөрөтһәгеҙ, Алла уны ла һеҙгә асып бирер. Бары тик өлгәшкәндәребеҙгә ярашлы йәшәйек. Имандаштар, минән өлгө алығыҙ һәм беҙ күрһәткән өлгө буйынса йәшәүселәргә иғтибар итегеҙ. Күптәр Мәсихтең арҡысаҡтағы үлеменә дошман булып йәшәй бит. Был хаҡта мин һеҙгә байтаҡ һөйләнем, хәҙер хатта күҙ йәштәрем аша әйтәм. Уларҙың ахыры – һәләкәт, уларҙың аллаһы – ҡорһаҡ, улар оялырға кәрәк булған урында маҡтана. Улар бары тик донъя мәшәҡәттәре тураһында ғына уйлай. Беҙҙең ватаныбыҙ – күктә. Ҡотҡарыусыны, Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте беҙ күктән көтәбеҙ. Ул беҙҙең көсһөҙ тәнебеҙҙе үҙгәртер һәм Үҙенә бөтә нәмәне буйһондора алырлыҡ ҡеүәте менән Үҙенең шөһрәтле тәненә оҡшаш итер. Шулай итеп, ҡәҙерле һәм һөйөклө имандаштарым, һеҙ минең шатлығым һәм дан тажым, Раббыла ныҡ тороғоҙ, һөйөклөләрем! Әүәдиә менән Сүнтүхәнең – икеһенең дә Раббыныҡы булыуҙары хаҡына татыулашыуҙарын ялбарам. Тоғро көрәштәшем, һинән дә үтенеп һорайым, минең менән, шулай уҡ Клемес һәм исемдәре тормош китабына яҙылған башҡа хеҙмәттәштәрем менән Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыу хаҡына көрәшкән ошо ҡатындарға ярҙам ит. Раббыла һәр ваҡыт ҡыуаныс табығыҙ. Ҡабатлап әйтәм: ҡыуаныс табығыҙ! Башҡаларға яғымлы булыуығыҙ бөтә кешеләргә лә билдәле булһын. Раббы яҡынлаша. Бер нәмә тураһында ла борсолмағыҙ, әммә доға ҡылғанда ла, үтенес белдергәндә лә Алла алдында үтенестәрегеҙҙе шөкөр итеп белдерегеҙ. Шулай булһа, әҙәм аҡылы етмәҫтәй, бар нәмәнән юғары булған Алла именлеге йөрәктәрегеҙҙе һәм уй-фекерҙәрегеҙҙе Ғайса Мәсихтә һаҡлар. Ниһайәт, имандаштарым, уйҙарығыҙҙы хәҡиҡәткә, ихтирамға, ғәҙеллеккә, сафлыҡҡа, яратыуға, һоҡланыуға, ҡыҫҡаһы, әҙәпкә һәм маҡтауға лайыҡлы эштәргә йүнәлтегеҙ. Минән өйрәнгән, отоп алған һәм ишетеп-күргәндәрегеҙҙең барыһын да башҡарығыҙ, шул ваҡытта именлек Аллаһы һеҙҙең менән булыр. Һеҙҙең минең хаҡта яңынан ҡайғырта башлауығыҙға Раббыла ихлас ҡыуанам. Әлбиттә, һеҙ элек тә минең хаҡта хәстәрлек күрергә теләнегеҙ, әммә мөмкинлегегеҙ сикле ине. Был хаҡта мин мохтажлығым булғандан әйтмәйем, сөнки булғаны менән ҡәнәғәтләнергә өйрәндем. Мин фәҡирлектә лә, муллыҡта ла йәшәй беләм: туҡмынмы йәки асмынмы, муллыҡтамы, мохтажлыҡ кисерәмме – һәр ваҡыт һәм төрлө хәлдәрҙә лә ҡәнәғәт булырға өйрәндем. Мин үҙемә ҡеүәт биреүсе Ғайса Мәсихтә барыһын да булдыра алам. Шулай ҙа, минең хәсрәттәремде уртаҡлашып, һеҙ яҡшы эшләнегеҙ. Һеҙ үҙегеҙ, Филиппойҙа йәшәүселәр, беләһегеҙ, Һөйөнөслө Хәбәр таратып, Македониянан киткәс, һеҙҙән башҡа бер генә имандаштар берҙәмлегенән дә хеҙмәтем өсөн матди ярҙам алманым. Һеҙ иһә, ихтыяжымды ҡәнәғәтләндереү өсөн, хатта Тессалоникела булған сағымда ла бер нисә тапҡыр ярҙам ебәрҙегеҙ. Быны мин бүләк өмөт иткәндән әйтмәйем, ә Алла алдында табыштарығыҙҙың һеҙҙең файҙаға ишәйеүен генә теләйем. Мин бөтә нәмәне лә тулыһынса, хатта артығы менән алдым. Әпәфродитос аша һеҙ ебәргәндәрҙең барыһын да алдым һәм тулыһынса тәьмин ителдем. Улар хуш еҫле, Алла күңеленә ятышлы, Уға яраҡлы ҡорбан. Аллам һеҙҙең бар ихтыяждарығыҙҙы Ғайса Мәсих аша данлы байлығынан ҡәнәғәтләндерәсәк! Атабыҙ Аллаға мәңгенән-мәңгегә дан булһын! Амин. Ғайса Мәсихтә изгеләрҙең һәр береһен сәләмләгеҙ. Минең менән бергә булған имандаштарыбыҙ һеҙҙе сәләмләй. Һеҙҙе бөтә имандаштар, бигерәк тә ҡайсар һарайында хеҙмәт итеүселәр сәләмләй. Раббы Ғайса Мәсихтең мәрхәмәте һеҙҙең рухығыҙ менән булһын. Алланың ихтыяры менән Ғайса Мәсихтең илсеһе Паулустан һәм имандашыбыҙ Тимоҫеустан Алланың Колоссайҙа йәшәүсе изге халҡына, Ғайса Мәсихтәге тоғро имандаштарыма сәләм. Атабыҙ Алланан мәрхәмәт һәм именлек булһын! Һеҙҙең хаҡҡа доға ҡылғанда Аллаға, Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Атаһына, һәр ваҡыт рәхмәт әйтәбеҙ, сөнки Ғайса Мәсихкә иманығыҙ һәм Алланың бөтә изгеләренә булған мөхәббәтегеҙ тураһында ишеттек. Һеҙҙең иманығыҙ һәм мөхәббәтегеҙ күктәрҙә һеҙгә әҙерләнгән өмөтөгөҙгә нигеҙләнгән. Ул өмөт хаҡында һеҙ быға тиклем хәҡиҡәт һүҙендә – Һөйөнөслө Хәбәрҙә ишеттегеҙ. Һеҙгә килеп еткән Һөйөнөслө Хәбәр, һеҙ уны ишетеп, Алла мәрхәмәте тураһындағы хәҡиҡәтте аңлаған көнөгөҙҙән башланғандағы кеүек, бөтә донъяла тарала бара һәм уңышҡа өлгәшә. Алланың мәрхәмәте тураһында һеҙ яратҡан хеҙмәттәшебеҙ Әпәфрастан ишеттегеҙ. Ул – Мәсихтең һеҙҙең хаҡҡа тоғро хеҙмәтсеһе. Алла Рухынан килгән мөхәббәтегеҙ тураһында ла беҙгә ул хәбәр итте. Шуға күрә, ошо хәбәрҙе ишеткән көндән башлап, беҙ ҙә, Изге Рух тарафынан бирелгән бөтә аҡыл һәм аң менән Алла ихтыярын тулыһынса танып белеүегеҙҙе теләп, һеҙҙең хаҡҡа үтенеүҙән һәм доға ҡылыуҙан туҡтамайбыҙ. Һәр изгелекле эшегеҙ уңыш килтереп, Алланы танып белеүегеҙ артҡандан-арта барып, Раббыға лайыҡлы йәшәүегеҙҙе һәм эштәрегеҙ менән Уға хуш килерлек булыуығыҙҙы теләп доға ҡылабыҙ. Түҙемле һәм сабыр булыуығыҙҙы теләп, Уның шөһрәтенең ҡөҙрәте һеҙҙе нығытһын. Яҡтылыҡ батшалығында Алла Үҙенең изге халҡына вәғәҙә иткәндән өлөш алырға һеҙҙе лайыҡлы иткәнгә Атабыҙға ҡыуанып рәхмәт әйтегеҙ. Ул беҙҙе ҡараңғылыҡ хакимлығынан ҡотҡарҙы һәм Үҙенең ҡәҙерле Улының батшалығына алып инде. Беҙ Уның Улы аша йолоп алынабыҙ, гонаһтарыбыҙ ғәфү ителә. Мәсих – күҙгә күренмәгән Алланың һыны һәм Ул Алла яратҡандарҙың бөтәһенән дә алдараҡ булған беренсе ине. Күктә һәм ерҙә булған, күренгән һәм күренмәгән нәмәләрҙең барыһы ла Уның аша яратылған: етәксе көстәр ҙә, ҡеүәттәр ҙә, башлыҡтар ҙа, хакимдар ҙа – бөтөнөһө лә Уның аша һәм Уның өсөн яратылған. Мәсих бар нәмәнән дә алдараҡ булған, бөтә нәмәне Ул тотоп тора. Ул – тәндең башы, тән иһә – Уға инаныусылар берҙәмлеге. Ул – бөтә нәмәлә лә беренсе булыу өсөн башланғыс, үлеләрҙән тәүге булып терелгән. Алла Үҙенең бөтә тулылығының Мәсихтә йәшәүен, Уның арҡысаҡта түгелгән ҡаны аша тыныслыҡ урынлаштырып, ерҙә һәм күктә булған бөтә нәмәне Уның аша Үҙе менән татыулаштырыуҙы ҡулай күрҙе. Һеҙҙе лә, уйҙарығыҙ һәм яман эштәрегеҙ арҡаһында ҡасандыр Алланан алыҫ торған һәм дошман булғандарҙы, әле Үҙе алдында изге, кәмселекһеҙ һәм ғәйепһеҙ тормош алып барыусы итеп ҡуйыу өсөн, Мәсихтең кеше тәнендәге үлеме аша Үҙе менән татыулаштырҙы. Тик һеҙ, иманығыҙҙың нигеҙендә ныҡлы һәм ҡаҡшамаҫ булып, үҙегеҙ ишеткән Һөйөнөслө Хәбәр биргән өмөттән ситләшмәгеҙ. Ул донъялағы һәр йән эйәһенә вәғәзләнгән һәм мин, Паулус, Уның хеҙмәтсеһе булдым. Әле мин һеҙҙең хаҡҡа кисергән михнәттәремә һөйөнәм һәм Мәсихтең Үҙенең тәне булған берҙәмлек хаҡына кисергән ғазаптарын үҙемдең тәнемдә тулыландырам. Мин Алла ҡушыуы буйынса имандаштар берҙәмлеге хеҙмәтсеһе булдым. Алла һүҙен тулыһынса вәғәзләү өсөн, был эш миңә Уның тарафынан һеҙҙең хаҡҡа йөкмәтелде. Был һүҙ быуаттар буйы быуындан-быуынға йәшерелеп килгән сер ине, хәҙер иһә Алланың изге халҡына асылды. Алла уларға был серҙең ни тиклем бай һәм бөйөк булыуын бөтә халыҡтар араһында белдерергә теләне. Сер шунда: Мәсих – һеҙҙә, Ул – Алла шөһрәтен уртаҡлашыуға өмөтөгөҙ! Беҙ тик Мәсих тураһында ғына вәғәзләйбеҙ. Һәр кемде Мәсихтә рухи яҡтан өлгөрөп етеп, Алла алдына ҡуйыу өсөн, һәр береһенә булған аҡылыбыҙ менән нәсихәт бирәбеҙ һәм өйрәтәбеҙ. Ошо маҡсатҡа өлгәшеү өсөн, Мәсихтең миндәге ҡеүәтле эш иткән көсө ярҙамында көрәшеп, үҙ-үҙемде аямайынса хеҙмәт итәм. Һеҙҙең өсөн дә, Лаодикеялағы имандаштар, шулай уҡ мине күреп белмәгәндәр хаҡына ла ниндәй көрәш алып барыуымды белһәгеҙ ине. Улар мөхәббәттә берләшеп, рухтары күтәрелһен һәм һәр яҡлап тәрән һәм бай белемле булһындар, шулай Алланың серен, йәғни Мәсихте белһендәр ине. Мәсихтә аҡыл менән белемдең бөтә хазинаһы йәшеренгән. Быны мин берәйһе һеҙҙе матур һүҙҙәр менән юлдан яҙҙырмаһын өсөн әйтәм. Тәнем менән янығыҙҙа булмаһам да, йәнем менән янығыҙҙамын, һеҙҙәге тәртипте һәм Мәсихкә булған иманығыҙҙың ныҡлығын күреп ҡыуанам. Ғайса Мәсихте бөйөк Хаким итеп ҡабул иткәнһегеҙ икән, Мәсихтә йәшәүегеҙҙе дауам итегеҙ. Унда тамыр йәйегеҙ һәм төпләнегеҙ, үҙегеҙгә өйрәтелгән иман буйынса нығынығыҙ һәм рәхмәтле булыу һеҙҙе солғап алһын. Һаҡ булығыҙ: һеҙҙе берәйһе Мәсихкә түгел, ә әҙәм йолаларына һәм донъяның идара итеүсе көстәренә нигеҙләнгән буш һәм ялған фәлсәфә ҡороу менән ҡол итмәһен. Сөнки Илаһилыҡтың бөтә тулылығы Мәсихтә кәүҙәләнеп йәшәй. Бөтә етәкселәрҙең һәм хакимдарҙың башы булған Мәсихтә һеҙ ҙә тулы тормошҡа эйә булдығыҙ. Мәсихтә булып, һеҙ кеше ҡулы башҡарған сөннәт менән түгел, ә Мәсих сөннәте менән сөннәтләндегеҙ. Шуның менән һеҙ гонаһлы тәбиғәтегеҙҙең хакимлығынан азат ителдегеҙ. Һыуға сумдырылған саҡта Уның менән бергә күмелдегеҙ һәм, Уны үленән терелткән Алланың ҡөҙрәтенә ышаныу арҡаһында, Уның менән бергә терелдегеҙ. Һеҙ гонаһтарығыҙ һәм сөннәтле булмауығыҙ арҡаһында үле инегеҙ, ә Алла, бөтә гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡап, һеҙгә Мәсих менән бергә йәшәү бирҙе. Ул талаптары менән беҙгә ҡаршы булған бурыстарыбыҙ исемлеген юйҙы һәм, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлап, бөтөнләй юҡҡа сығарҙы. Етәкселәрҙе һәм хакимлыҡ итеүселәрҙе көсөнән яҙҙырып хурлыҡҡа ҡалдырҙы һәм Мәсихтә улар өҫтөнән тантана итте. Шулай итеп, ризыҡ йәки эсемлек, йәки ниндәй булһа ла байрам, йә яңы ай, йә шәмбе көндәрен нисек тотоуығыҙ өсөн бер кем дә һеҙҙе хөкөм итмәһен. Былар барыһы ла – киләсәктә була торғандың күләгәһе генә, ә ысынбарлыҡ – Мәсихтә. Яһалма тыйнаҡлыҡтан һәм фәрештәләргә табыныуҙан ләззәт табыусы кешеләрҙең береһе лә һеҙҙе бүләк алыу хоҡуғынан мәхрүм итмәһен. Ундай кеше үҙе күргәндәр менән ғорурлана, кешелек аҡылының буш уйҙары уны маһайыусан итә. Ул Мәсихтән, тәндең башынан, айырылған. Ә баш бөтә тәнде тотоп тора һәм тән, быуындар, һеңерҙәр аша үҙ-ара беркетелеп, нығытылып, Алланың ниәтенә ярашлы үҫә. Мәсих менән бергә үлеп, донъяның идара итеүсе көстәренән ҡотолғанһығыҙ икән, ни өсөн һаман ошо донъяның кешеләре кеүек уларҙың ҡағиҙәләренә буйһонаһығыҙ: «Ҡағылма», «Татыма», «Теймә»? Ҡулланылғандан һуң улар юҡҡа сыға, был ҡағиҙәләрҙе һәм тәғлимәттәрҙе бары тик кеше уйлап сығарған. Был ҡағиҙәләр тышҡы яҡтан үҙҙәре булдырған тәҡүәлектә, яһалма тыйнаҡлыҡта һәм тәнгә ҡарата аяуһыҙлыҡта аҡыллы тойолһа ла, ысынында кешенең әҙәмсә нәфсеһенә ҡаршы тора алмайҙар. Тимәк, һеҙ Мәсих менән бергә терелтелгәнһегеҙ икән, күктәге нәмәләргә ынтылығыҙ, унда Мәсих Алланың уң яғында ултыра. Уйҙарығыҙҙы ерҙәге нәмәләргә түгел, ә күктәге нәмәләргә йүнәлтегеҙ, сөнки һеҙ үлдегеҙ, ә тормошоғоҙ Мәсих менән бергә Аллала йәшеренгән. Һеҙҙең тормошоғоҙ – Мәсих, Ул килгәндә һеҙ ҙә Уның данын уртаҡлашып, Уның менән бергә килерһегеҙ. Шулай булғас, үҙегеҙҙең донъяуи теләктәрегеҙҙе: енси аҙғынлыҡты, әшәкелекте, нәфсене, яман теләктәрҙе һәм ялған илаһтарға табыныуға тиң булған ҡомһоҙлоҡто бөтөрөгөҙ. Бына ошолар өсөн тыңлауһыҙ кешеләргә Алла асыуы төшә лә инде. Быларҙы эшләгәндә ҡасандыр һеҙ ҙә шундай йәшәү рәүеше алып бара инегеҙ. Ә хәҙер быларҙың бөтәһенән дә: асыуҙан да, ярһыуҙан, уҫаллыҡтан, яман теллелектән, әҙәпһеҙ һүҙҙәрҙән дә ҡотолоғоҙ. Бер-берегеҙгә ялған һөйләмәгеҙ, һеҙ ҡылған ғәмәлдәрегеҙ менән үҙегеҙҙән, кейемегеҙҙе сискәндәй, элекке кешене сисеп ташланығыҙ һәм яңы кеше булып кейендегеҙ. Яңы кеше үҙен яратҡан Аллаға оҡшап үҙгәреп тора һәм Уны ысынлап танып белеүгә табан ынтыла. Унда инде йәһүд булмағандар һәм йәһүдтәр ҙә, сөннәтлеләр һәм сөннәтһеҙҙәр ҙә, ҡырағайҙар һәм скифтар ҙа, ҡолдар һәм иреклеләр ҙә юҡ – әммә Мәсих һәммәһе лә һәм барыһында ла. Шуға ла һеҙ, Алла тарафынан һайланған кешеләр, Уның изгеләре һәм һөйөклөләре булараҡ, шәфҡәтле, яҡшы күңелле, тыйнаҡ, баҫалҡы, сабыр булығыҙ. Бер-берегеҙгә ҡарата сабырлыҡ күрһәтегеҙ һәм, үпкәгеҙ булһа, ғәфү итә белегеҙ. Раббы һеҙҙе ғәфү иткән кеүек, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙе ғәфү итегеҙ. Был сифаттарҙың бөтәһенә лә мөхәббәт өҫтәгеҙ, ул, барыһын да берләштереп, камиллыҡҡа еткерәсәк. Йөрәктәрегеҙҙә Мәсих именлеге хакимлыҡ итһен. Һеҙ, бер тәндең ағзалары булып, тап ошо именлеккә саҡырылдығыҙ ҙа инде. Рәхмәтле булығыҙ! Мәсих һүҙе һеҙҙә мул булып, бер-берегеҙҙе зирәк аҡыл менән өйрәтегеҙ һәм нәсихәт бирегеҙ, мәҙхиәләр, маҡтау шиғырҙары һәм рухи йырҙар йырлап, күңелегеҙҙән Аллаға рәхмәт әйтегеҙ. Нимә генә эшләһәгеҙ ҙә, һөйләһәгеҙ ҙә – бөтөнөһөн дә Раббы Ғайса исеменә таянып, Уның аша Атабыҙ Аллаға шөкөр итеп эшләгеҙ. Ҡатындар, Раббыға инаныусыларҙа ҡабул ителгәнсә, ирҙәрегеҙгә буйһоноғоҙ. Ирҙәр, ҡатындарығыҙҙы яратығыҙ һәм уларға ҡарата ҡырыҫ булмағыҙ. Балалар, бөтә нәмәлә лә ата-әсәләрегеҙҙе тыңлағыҙ, сөнки был Раббыға ҡыуаныс килтерә. Атайҙар, балаларығыҙ күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәһен өсөн, уларҙы рәнйетмәгеҙ. Ҡолдар, донъялағы хужаларығыҙға бөтә нәмәлә лә буйһоноғоҙ, ярамһаҡтар кеүек күҙ буяу өсөн генә түгел, ә Алланан ҡурҡып, ысын күңелдән хеҙмәт итегеҙ. Нимә генә эшләһәгеҙ ҙә, кешеләр өсөн түгел, ә Раббы өсөн эшләгән кеүек ихлас күңелдән башҡарығыҙ. Раббынан бүләккә Үҙе вәғәҙә иткәндән өлөштө алырығыҙҙы беләһегеҙ, шуға күрә һеҙ Раббы Мәсихкә хеҙмәт итәһегеҙ. Дөрөҫ эшләмәүселәр ҡылған хаҡһыҙлығы өсөн тейешен аласаҡ, Раббы алдында бөтәһе лә бер тигеҙ. Хужалар, күктәрҙә үҙегеҙҙең дә Хужағыҙ барлығын иҫтә тотоп, ҡолдарығыҙға ҡарата намыҫлы һәм ғәҙел булығыҙ. Арымай-талмай доға ҡылығыҙ. Доға ҡылғанда уяу булығыҙ һәм Аллаға шөкөр итегеҙ. Мәсихтең сере тураһында хәбәр итеү өсөн Алла беҙгә ишек асһын тип, беҙҙең хаҡҡа ла доға ҡылығыҙ, мин шул хәбәр өсөн тотҡонлоҡтамын. Минең кешеләргә ул серҙе тейешенсә аса алыуымды теләп доға ҡылығыҙ. Ят кешеләр менән, һәр уңайлы мөмкинлектән файҙаланып, аҡыллы мөғәмәлә итегеҙ. Һүҙегеҙ һәр ваҡыт яғымлы, мауыҡтырғыс, тоҙ һалынған булһын, һәр кешегә нисек яуап бирергә кәрәклеген белегеҙ. Минең турала һеҙгә ҡәҙерле имандашыбыҙ, тоғро хеҙмәтсе һәм Раббы эшендә хеҙмәттәшем Тухикус барыһын да һөйләп бирер. Мин уны һеҙгә хәлебеҙҙе хәбәр итеү һәм күңелдәрегеҙҙе күтәреү маҡсаты менән ебәрәм. Уны тоғро һәм ҡәҙерле имандашыбыҙ, яҡташығыҙ Онесимус менән бергә ебәрәм. Улар һеҙгә бындағы хәлдәр тураһында бөтәһен дә һөйләр. Минең менән бергә тотҡонда булған Аристархос та, Барнабастың ике туғаны Маркус та сәләм ебәрә. Уның тураһында, әгәр янығыҙға килһә, ҡабул итегеҙ, тигән әмер алдығыҙ. Һеҙҙе Юстос ҡушаматлы Йеһошуағ та сәләмләй. Улар – миңә күңел йыуанысы, хеҙмәттәштәрем араһында Алла Батшалығы өсөн минең менән хеҙмәт итеүсе берҙән-бер йәһүдтәр. Һеҙгә Ғайса Мәсихтең ҡоло, яҡташығыҙ Әпәфрас та сәләм тапшыра. Ул һеҙҙең Алланың тулы ихтыярынса рухи яҡтан өлгөрөп еткән һәм иманда ныҡлы булыуығыҙ өсөн һәр ваҡыт доға ҡылып көрәшә. Мин уның һеҙҙең хаҡҡа, шулай уҡ Лаодикея менән Һиераполистағы имандаштар хаҡына бик ауыр хеҙмәт башҡарыуына шаһитмын. Һеҙгә ҡәҙерле табип Лукас менән Демас та сәләм тапшыра. Лаодикеялағы имандаштарыбыҙға, шулай уҡ Нумфаға, уның өйөндә йыйыла торған берҙәмлеккә лә сәләм әйтегеҙ. Был хатты уҡығас, уны Лаодикеялағы берҙәмлеккә лә тапшырығыҙ, унда ла уҡыһындар. Лаодикеяға ебәрелгән хатты иһә үҙегеҙ ҙә уҡығыҙ. Архиппусҡа: «Иғтибарлы бул! Раббынан ҡабул иткән хеҙмәтте аҙағына тиклем үтә», – тип еткерегеҙ. Был сәләмде мин, Паулус, үҙ ҡулым менән яҙам. Минең тотҡонда икәнлегемде онотмағыҙ. Мәрхәмәт һеҙҙең менән булһын. Тессалоникелағы имандаштар берҙәмлегенә, Атабыҙ Аллала һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтә булғандарға Паулустан, Силуандан һәм Тимоҫеустан сәләм. Һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек булһын! Беҙ һәр ваҡыт, доғаларыбыҙҙа һеҙҙе иҫкә алып, бөтәгеҙ өсөн дә Аллаға рәхмәттәр әйтәбеҙ. Һеҙҙең иманлы эштәрегеҙҙе, мөхәббәт менән һуғарылған хеҙмәтегеҙҙе һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихкә өмөт бағлап ныҡ тороуығыҙҙы Атабыҙ Алла алдында һәр ваҡыт иҫебеҙҙә тотабыҙ. Имандаштар, Алла һеҙҙе ярата, Уның һеҙҙе һайлап алғанын беҙ беләбеҙ, сөнки беҙҙең Һөйөнөслө Хәбәребеҙ һеҙгә һүҙ аша ғына түгел, ә Изге Рухтың ҡөҙрәте һәм тәрән ышаныуыбыҙ аша барып етте. Был һеҙгә билдәле, сөнки беҙ бергә ваҡытта һеҙҙең өсөн нисек йәшәгәнебеҙҙе беләһегеҙ. Һәм һеҙ, беҙҙе һәм Раббыны өлгө итеп алып, күп ғазаптар кисерһәгеҙ ҙә, был Хәбәрҙе Изге Рухтан килгән ҙур шатлыҡ менән ҡабул иттегеҙ. Шулай итеп, һеҙ Македония һәм Ахая өлкәләрендә йәшәүсе бөтә иманлыларға өлгө булдығыҙ. Раббы һүҙе һеҙҙең аша Македония һәм Ахая өлкәләрендә ишетелде, ул ғына ла түгел, һеҙҙең Аллаға булған иманығыҙ тураһында ла һәр ерҙә билдәле. Шулай булғас, нимәлер һөйләүҙең кәрәге лә юҡ. Һеҙ үҙегеҙ беләһегеҙ бит, имандаштар, эргәгеҙгә килеүебеҙ файҙаһыҙ булманы. Белеүегеҙсә, бынан алда Филиппойҙа ғазаптар сигеп, мәсхәрәләр аша үтһәк тә, Аллабыҙҙан ҡыйыулыҡ алып, ҡаршылыҡтарға бирешмәй, Һөйөнөслө Хәбәрҙе һеҙгә еткерҙек. Һөйләгәндәребеҙҙә яңылышлыҡ та, ҡара ниәт тә, ялған да юҡ. Кешеләргә ярарға тырышып түгел, ә йөрәктәребеҙҙе һынаған һәм Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратырға беҙҙе лайыҡлы тип тапҡан Алла ихтыярынан сығып һөйләйбеҙ. Белеүегеҙсә, алдығыҙҙа беҙ бер ҡасан да ярамһаҡланманыҡ, үҙ мәнфәғәтебеҙҙән сығып әйтмәнек. Алла Үҙе шаһит! Һис кемдән – һеҙҙән дә, башҡаларҙан да дан-шөһрәт көтмәнек. Мәсихтең илселәре булараҡ, үҙебеҙҙең абруйҙы файҙалана ала инек, ләкин беҙ һеҙгә наҙлы булдыҡ. Әсә кеше үҙ сабыйҙарын хәстәрләгән кеүек, һеҙгә лә Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен еткереү генә түгел, ғүмеребеҙҙе бирергә лә әҙер инек. Һеҙҙе шул тиклем ныҡ яраттыҡ. Һеҙ иһә, имандаштар, беҙҙең ниндәй хеҙмәт һәм көс һалыуыбыҙҙы хәтерләйһегеҙ: һеҙгә Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен таратҡан саҡта, берегеҙгә лә ауырлыҡ һалмаҫҡа тырышып, көнө-төнө эшләнек. Һеҙ иманлылар алдында үҙебеҙҙе ни тиклем изге, ғәҙел һәм эскерһеҙ тотоуыбыҙға һеҙ ҙә, Алла Үҙе лә шаһит. Атай кеше үҙ балаларына нисек булһа, беҙҙең дә һәр берегеҙгә ҡарата шулай булғанлығыбыҙҙы беләһегеҙ, Үҙ батшалығына һәм дан-шөһрәтенә саҡырыусы Аллаға лайыҡ булырлыҡ итеп йәшәргә өндәп, ышандырып, һеҙҙе өгөтләп йөрөнөк. Беҙҙән ишеткән Алла һүҙен кешенән килгән хәбәр итеп түгел, ә ысынында нисек булһа, шул көйө – Алла һүҙе итеп ҡабул итеүегеҙ өсөн дә Аллаға һәр ваҡыт рәхмәт әйтәбеҙ. Ул һүҙ һеҙҙә, иман юлындағыларҙа, үҙ эшен алып бара. Имандаштар, һеҙ ҙә Йәһүҙиәлә урынлашҡан, Ғайса Мәсихтәге Алла берҙәмлектәре кеүек булдығыҙ, сөнки улар йәһүдтәрҙән нисек яфа сикһә, һеҙ ҙә үҙ милләттәштәрегеҙҙән ыҙа күрҙегеҙ. Йәһүдтәр Раббы Ғайсаны ла, пәйғәмбәрҙәрҙе лә үлтерҙе, беҙҙе лә ҡыуып ебәрҙеләр. Улар Аллаға ла ярамай, барса кешеләргә лә ҡаршы. Беҙ мәжүсиҙәргә ҡотола алһындар тип аңлатырға тырышабыҙ, ә йәһүдтәр беҙгә ҡамасаулай, шуның өсөн дә улар үҙ гонаһтарының күләмен һәр ваҡыт арттыра бара һәм, ниһайәт, Алла нәфрәте улар өҫтөнә төшә. Ә беҙ, имандаштар, аҙ ғына ваҡытҡа айырылышып торһаҡ та, күңелдәребеҙ менән гел бергә булдыҡ һәм ҙур теләк менән күрешергә ынтылып торҙоҡ. Эргәгеҙгә барырға теләнек. Мин, Паулус, үҙем дә бер нисә тапҡыр һеҙҙең эргәгә барырға ынтылдым, ләкин Иблис беҙгә ҡамасауланы. Раббыбыҙ Ғайса килгән саҡта кем беҙҙең өмөтөбөҙ, шатлығыбыҙ һәм маҡтау тажыбыҙ булыр һуң? Һеҙ түгелме ни? Һеҙ – беҙҙең ғорурлығыбыҙ һәм ҡыуанысыбыҙ бит. Шуға күрә көтөп тора алманыҡ, Афинала үҙебеҙ генә ҡалырға булдыҡ Беҙ янығыҙҙа булған саҡта уҡ эҙәрлекләүҙәргә дусар буласағыбыҙ хаҡында әйткәйнек. Белеүегеҙсә, шулай булды ла. Шуға күрә мин артабан да көтөп тора алманым, Иблистең ҡотҡоһона бирешмәнегеҙме, хеҙмәтебеҙ юҡҡа ғына булмағанмы, тигән хәүеф менән һеҙҙең иманығыҙ тураһында белешергә Тимоҫеусты ебәрҙем. Ә хәҙер Тимоҫеус эргәгеҙҙән ҡайтты, иманығыҙ һәм һөйөүегеҙ тураһында, шулай уҡ беҙҙең хаҡта һәр ваҡыт яҡшы иҫтәлектәр йөрөтөүегеҙ, беҙҙең кеүек үк күрешергә бик ныҡ теләүегеҙ тураһында яҡшы хәбәр алып килде. Был хәбәрҙе ишеткәс, имандаштар, үҙебеҙ кисергән бөтә мохтажлыҡтарға һәм ғазаптарға ҡарамаҫтан, һеҙҙең иманығыҙ менән йыуандыҡ. Һеҙҙең Раббыла ныҡ тороуығыҙ беҙгә йәшәргә дәрт өҫтәй. Һеҙҙең арҡала Аллабыҙ алдында кисергән ҡыуаныстарыбыҙ өсөн Уға ниндәй генә рәхмәттәр әйтәйек икән! Һеҙҙең менән осрашыу һәм иманығыҙҙа ни етешмәһә, шуны биреү өсөн көнө-төнө ысын йөрәктән доға ҡылабыҙ. Атабыҙ Алла Үҙе һәм Раббыбыҙ Ғайса һеҙҙең эргәгә барыр юлыбыҙҙы турайтһын. Беҙҙең һеҙгә булған мөхәббәтебеҙ кеүек, Раббыбыҙ һеҙҙең дә бер-берегеҙгә һәм барлыҡ кешеләргә ҡарата булған һөйөүегеҙҙе көсәйтһен һәм арттырһын. Раббыбыҙ Ғайса үҙенең бөтә изгеләре менән килгән саҡта, Атабыҙ Алла алдында һеҙ саф һәм изге булһын өсөн, Раббы йөрәктәрегеҙҙе нығытһын. Ниһайәт, имандаштар, Аллаға ҡулай булһын өсөн, нисек йәшәргә кәрәклеген беҙҙән өйрәндегеҙ. Һеҙ шулай йәшәйһегеҙ, әммә беҙ Раббы Ғайса хаҡына тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға өлгәшеүегеҙҙе үтенеп һорайбыҙ, сөнки Раббы Ғайса исеменән ниндәй бойороҡтар биреүебеҙҙе беләһегеҙ. Алла һеҙҙең изге булыуығыҙҙы, аҙғынлыҡҡа юл ҡуймауығыҙҙы теләй, һәр береһе үҙ тәнен изге һәм саф итеп һаҡлай белһен өсөн, Алланы танымаған мәжүсиҙәр кеүек аҙғын нәфсегә юл ҡуймағыҙ. Был эштәрҙә имандашығыҙҙы алдамағыҙ һәм уға ҡарата яуызлыҡ ҡылмағыҙ, сөнки Раббы былар өсөн Үҙ язаһын бирәсәк. Беҙ был хаҡта әйткәйнек һәм иҫкәрткәйнек. Алла беҙҙе шаҡшылыҡҡа түгел, ә изгелеккә саҡырҙы бит. Шулай итеп, был бойороҡтарҙы ҡабул итмәүселәр кешене түгел, ә һеҙгә Изге Рухын ебәреүсе Алланы кире ҡаға. Имандаштарығыҙҙы яратыу тураһында яҙыуҙың кәрәге юҡ, сөнки Алла һеҙҙең үҙегеҙҙе бер-берегеҙҙе яратырға өйрәтте, һәм һеҙ бөтә Македонияла йәшәгән имандаштарығыҙҙы яратаһығыҙ. Имандаштар, үтенеп һорайбыҙ, бер-берегеҙҙе тағы ла нығыраҡ яратһағыҙ ине. Беҙ ҡушҡанса, тырышлыҡ һалып тыныс йәшәгеҙ, үҙ эшегеҙ менән шөғөлләнегеҙ һәм эшегеҙҙе үҙ ҡулдарығыҙ менән башҡарығыҙ. Шулай итһәгеҙ, ят кешеләр алдында ихтирам ҡаҙанырһығыҙ һәм бер кемдә лә мохтажлыҡ кисермәҫһегеҙ. Имандаштар, һеҙ өмөттәре булмаған башҡа кешеләр кеүек ҡайғырмаһын өсөн, үлем йоҡоһона талғандар тураһында белеүегеҙҙе теләйем. Беҙ Ғайсаның үлгәненә һәм үленән терелеүенә ышанабыҙ икән, Ғайса иманында үлем йоҡоһона талғандарҙың Алла тарафынан Уның менән бергә килтереләсәге лә дөрөҫ. Беҙ әле әйтәсәк һүҙҙәр – Раббы һүҙҙәре: беҙ, иҫәндәр – Раббы килгәнгә тиклем йәшәйәсәк кешеләр – үлем йоҡоһона талғандарҙан алдараҡ була алмаҫбыҙ. Бойороҡ ишетелгәндә, баш фәрештәнең саҡырыуы һәм Алла борғоһоноң тауышы аҫтында күктән Раббы Үҙе төшәсәк һәм Мәсихкә инанып үлгәндәр беренсе булып тереләсәк. Шунан һуң беҙ, бында иҫән ҡалғандар, һауала Раббыны ҡаршылау өсөн, улар менән бергә болоттарҙа һауаға алынасаҡбыҙ. Шулай Раббы менән һәр ваҡыт бергә буласаҡбыҙ. Бер-берегеҙҙе ошо һүҙҙәр менән тынысландырығыҙ. Был хәлдәрҙең ҡасан һәм ҡайһы ваҡытта буласағы тураһында яҙыуҙың кәрәге юҡ, имандаштар, сөнки һеҙ Раббы көнөнөң, төндә ингән ҡараҡ кеүек, көтмәгәндә етәсәген яҡшы беләһегеҙ. Кешеләр «барыһы ла тыныс һәм имен» тигән саҡта, уларға ҡапыл һәләкәт килер, һәм был хәл йөклө ҡатындың бала тыуҙырыу мәлендәге ғазаптары кеүек үк ҡотолғоһоҙ. Әммә һеҙ ҡараңғылыҡта түгел, имандаш туғандар, был көн һеҙгә көтмәгәндә баҫып ингән ҡараҡ һымаҡ килмәйәсәк. Һеҙ бөтәгеҙ ҙә – яҡтылыҡ һәм көн балалары, ә төн һәм ҡараңғылыҡтыҡы түгел. Шуға күрә башҡалар кеүек йоҡлап ятмайыҡ, уяу һәм айыҡ булайыҡ. Йоҡлаусылар төндә йоҡлай, эскеселәр төндә эсеп иҫерешә. Ә беҙ, көн балалары булараҡ, айыҡ булайыҡ, иман һәм мөхәббәтте – һарайта, ә ҡотолоуға өмөтөбөҙҙө торҡа итеп кейәйек. Алла беҙҙе Үҙенең асыуына дусар итеү өсөн түгел, ә Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша ҡотҡарыу өсөн тәғәйенләне. Иҫән булһаҡ та, үлем йоҡоһона талһаҡ та, беҙ Уның менән бергә йәшәһен тип, Мәсих беҙҙең өсөн йәнен бирҙе. Шуның өсөн бер-берегеҙҙе тынысландырығыҙ һәм, әлеге һымаҡ уҡ өгөтләп, ышаныс өҫтәгеҙ. Имандаштар, арағыҙҙа тырышып хеҙмәт итеүселәрҙе, берҙәмлек менән Раббы исеменән етәкселек итеүсе һәм өгөт-нәсихәт биреүселәрҙе хөрмәт итеүегеҙҙе һорайбыҙ. Хеҙмәттәре өсөн уларға айырыуса оло ихтирам күрһәтегеҙ һәм уларҙы яратығыҙ; үҙ-ара тыныс йәшәгеҙ. Имандаштар, һеҙҙән һорайбыҙ, эшләмәй ултырғандарға аҡыл өйрәтегеҙ, ҡыйыуһыҙҙарҙы рухландырығыҙ, хәлһеҙҙәргә таяныс булығыҙ, бөтөнөһөнә ҡарата ла сабырлыҡ һаҡлағыҙ. Яуызлыҡҡа яуызлыҡ менән яуап биреүгә берегеҙгә лә юл ҡуймағыҙ; һәр ваҡыт үҙ-ара һәм бөтөнөһөнә лә яҡшылыҡ эшләгеҙ. Һәр ваҡыт ҡыуанығыҙ, гел доға ҡылығыҙ. Ниндәй генә хәлдә булһағыҙ ҙа, рәхмәтле булығыҙ: Ғайса Мәсихтә һеҙгә Алла ихтыяры шундай. Изге Рухты томаламағыҙ. Пәйғәмбәрлек һүҙҙәренә кәмһетеп ҡарамағыҙ. Аллананмы, түгелме икәнен белеү өсөн барыһын һынағыҙ, яҡшылыҡты тотоғоҙ. Һәр төр яуызлыҡтан ары йөрөгөҙ. Алла Үҙе – именлек сығанағы, һеҙҙе тулыһынса изгеләндерһен. Раббыбыҙ Ғайса Мәсих килеүгә бөтә булмышығыҙ: рухығыҙ ҙа, йәнегеҙ ҙә, тәнегеҙ ҙә саф көйө һаҡланһын. Һеҙҙе Саҡырыусы быны эшләйәсәк, сөнки Ул тоғро. Имандаштар, беҙҙең хаҡҡа доға ҡылығыҙ. Бар имандаштарығыҙҙы туғандарса яратып, үбеп сәләмләгеҙ. Раббы исеме менән талап итәм: был хатты барлыҡ имандаштарға ла уҡығыҙ. Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең мәрхәмәте һеҙҙең менән булһын. Тессалоникелағы имандаштар берҙәмлегенә, Атабыҙ Аллала һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтә булғандарға Паулустан, Силуандан һәм Тимоҫеустан сәләм. Атабыҙ Алланан һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтән һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек булһын! Беҙ, имандаштар, Аллаға һеҙҙең өсөн һәр ваҡыт лайыҡлы рәүештә рәхмәттәр әйтергә тейешбеҙ, сөнки һеҙҙең иманығыҙ сикһеҙ арта бара һәм һәр берегеҙҙең үҙ-ара һөйөүе үҫә. Шунлыҡтан, әле кисергән бөтә эҙәрлекләүҙәр һәм бөтә ғазаптар эсендә ҡаҡшамауығыҙ һәм иманығыҙ өсөн Алла берҙәмлектәренең барыһы алдында ла һеҙҙең менән маҡтанабыҙ. Быларҙың барыһы ла Алла хөкөмөнөң ғәҙел икәнлеген күрһәтә, һөҙөмтәлә һеҙ Алла батшалығына инергә лайыҡлы тип һаналырһығыҙ, шуның өсөн ғазаптар кисерәһегеҙ ҙә инде. Алла ғәҙел: Ул һеҙҙе ғазаптарға дусар итеүселәргә ғазап бирер, Улар, Раббы янынан һәм Уның ҡөҙрәтле шөһрәтенән ситләтелеп, язаға, мәңгелек һәләкәткә дусар ителер. Был Раббы Үҙенең изгеләрендә данланырға, Үҙенә инанғандарҙың барыһында ла һоҡланыу тыуҙырырға килгән көндә булыр. Һеҙ ҙә улар араһында булырһығыҙ, сөнки беҙ һөйләгән хәбәргә ышандығыҙ. Шуға күрә Аллабыҙ һеҙҙе Үҙенең саҡырыуына лайыҡлы итһен, имандан килгән һәр яҡшы ниәтегеҙҙе Үҙенең көсө менән бойомға ашырһын тип, һеҙҙең өсөн гел доға ҡылабыҙ. Шулай итеп, Раббы Ғайсаның исеме һеҙҙең аша данланыр, һәм һеҙ үҙегеҙ ҙә Уның аша данланырһығыҙ. Был Аллабыҙ һәм Раббы Ғайса Мәсихтең мәрхәмәте аша булыр. Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең килеүенә һәм Уның эргәһендә тупланыуыбыҙға ҡағылышлы, имандаштар, үтенеп һорайбыҙ: Раббының көнө етте, тип Рухтан килгән кеүек тойолған хәбәргә лә, кемдер әйткән һүҙгә лә, йәнәһе, беҙҙән тип еткерелгән хатҡа ла ышана һалып, аҡылығыҙҙы юғалтмағыҙ һәм борсолмағыҙ. Бер кемгә лә бер нисек тә башығыҙҙы бутарға юл ҡуймағыҙ: сөнки тәүҙә кешеләр Алланан баш тартмайынса һәм һәләкәткә дусар ителгән ҡанунһыҙлыҡ кешеһе килмәйенсә, Раббы көнө етмәйәсәк. Ул, Алла йәки изге тип аталған бөтә нәмәгә лә ҡаршы сығып, үҙен уларҙан юғары ҡуйып, Алла йортона инеп ултырыр һәм үҙен Алламын тип иғлан итер. Мин һеҙҙең янығыҙҙа булғанда, шул турала һөйләгәнде хәтерләмәйһегеҙме ни? Үҙ ваҡытын көтөп, билдәле булыуҙан уны нимә тотҡарлағанын һеҙ инде беләһегеҙ. Ҡанунһыҙлыҡтың йәшерен көсө хәрәкәттә инде, ләкин уны тотҡарлаусы юлдан алынмайынса, был көс бойомға ашмаясаҡ. Ҡанунһыҙлыҡ кешеһе асылғандан һуң, Раббы Ғайса уны ауыҙынан сыҡҡан тын менән үлтерер һәм Үҙе килгән саҡтағы балҡышы менән юҡ итер. Ҡанунһыҙлыҡ кешеһе Иблис тәьҫире менән килер, ул ҡеүәтле көс, ялған билдәләр һәм мөғжизәләр күрһәтер, төрлө яуыз ялғандар файҙаланыр. Ул быларҙы үҙҙәрен ҡотҡара алырлыҡ хәҡиҡәтте яратыуҙан ваз кисеп, кире ҡағыу арҡаһында һәләкәткә дусар ителгәндәргә ҡарата ҡулланыр. Шуға ла Алла уларға ныҡ яңылышыуҙар ебәрер һәм улар ялғанға ышаныр, шул арҡала, хәҡиҡәткә ышанмайынса, ғәҙелһеҙлектән кинәнеүселәр бөтөнөһө лә хөкөм ителер. Беҙ иһә һеҙҙең өсөн, Раббының ҡәҙерлеһе булған имандаштар, һәр ваҡыт Аллаға рәхмәттәр әйтергә тейешбеҙ, сөнки Рухтың һеҙҙе изге итеүе һәм хәҡиҡәткә ышаныуығыҙ аша ҡотҡарыу өсөн Алла һеҙҙе тәүҙән һайланы. Беҙ һөйләгән Һөйөнөслө Хәбәр аша Алла һеҙҙе Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең шөһрәтенә өлгәшеү өсөн саҡырҙы. Шуға күрә, имандаштар, ныҡ тороғоҙ, беҙ һеҙгә һөйләгән йәки хаттар аша өйрәткәндәрҙе тотоғоҙ. Беҙгә мөхәббәтен күрһәткән, мәрхәмәте менән мәңгелек йыуатыу һәм яҡты өмөт биргән Раббыбыҙ Ғайса Мәсих Үҙе һәм Атабыҙ Алла һеҙҙең күңелдәрегеҙҙе йыуатһын, һәр төрлө яҡшы һүҙҙәр һөйләргә һәм изге эштәр башҡарырға ҡеүәт бирһен. Тағы ла шул, имандаштар: Раббы хәбәре башҡа ерҙәрҙә лә һеҙҙәге кеүек үк тиҙ таралһын һәм ихтирам ителһен, тип беҙҙең өсөн доға ҡылығыҙ, боҙоҡ һәм яуыз кешеләрҙән арыныуыбыҙ өсөн дә доға ҡылығыҙ, сөнки бөтә кеше лә иманлы түгел бит. Ә Раббы тоғро, Ул һеҙгә ҡеүәт өҫтәр һәм һеҙҙе Иблистән һаҡлар. Беҙ ҡушҡандарҙы башҡарыуығыҙға һәм киләсәктә лә үтәүегеҙгә Раббы беҙгә ышаныс бирә. Ул һеҙҙең йөрәктәрегеҙҙе Алланы яратыуға һәм Мәсих кеүек ҡаҡшамаҫ булыуға йүнәлтһен. Имандаштар, беҙҙең өйрәткәндәребеҙ буйынса йәшәмәйенсә, ялҡаулыҡҡа баш һалған һәр имандаштан ары тороғоҙ, тип Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеме менән талап итәбеҙ. Нисек йәшәргә кәрәклекте беҙҙең өлгө буйынса үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ. Беҙ һеҙҙең менән йәшәгән саҡта ялҡауланманыҡ, бер кемдең икмәген дә бушлай ашаманыҡ, берегеҙгә лә йөк булмаҫ өсөн, көнө-төнө эшләнек, көс түктек, талап итергә хаҡыбыҙ булмағандан түгел, ә беҙгә эйәреп эшләгеҙ тип, һеҙгә өлгө күрһәттек. Янығыҙҙа булған сағыбыҙҙа уҡ, кем эшләргә теләмәй, шул ашамай, тигән бойороҡ бирҙек. Беҙ ҡайһы берҙәрегеҙҙең эшләргә теләмәүе, ялҡауланыуы, фәҡәт кеше эшенә ҡыҫылып көн үткәреүе тураһында ишетеп торабыҙ бит. Ундайҙарға беҙ, үҙ ризыҡтарын үҙҙәре баш баҫып эшләп тапһындар тип, Раббы Ғайса Мәсих исеменән талап ҡуябыҙ һәм өндәйбеҙ. Һеҙ иһә, имандаштар, яҡшылыҡ эшләүҙән арымағыҙ. Әгәр ҙә берәйһе был хатҡа яҙылған һүҙҙәребеҙгә ҡолаҡ һалмаһа, ул кешегә иғтибарығыҙҙы йүнәлтегеҙ һәм, уға оят булып китһен өсөн, уның менән аралашмағыҙ. Ләкин ул кешене дошман тип иҫәпләмәгеҙ, ә имандашығыҙҙай итеп иҫкәртегеҙ. Раббы Үҙе – именлек сығанағы, һеҙгә һәр ваҡыт һәм һәр яҡлап именлек бирһен. Раббы бөтәгеҙ менән бергә булһын. Мин, Паулус, был хаттың минән икәнлеген күрһәтеү өсөн, башҡа хаттарҙағы кеүек үк, сәләмләү һүҙҙәрен үҙ ҡулым менән яҙам. Барығыҙ менән дә Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең мәрхәмәте булһын. Ҡотҡарыусыбыҙ Алла һәм өмөтөбөҙ Ғайса Мәсихтең әмере буйынса Ғайса Мәсих илсеһе Паулустан ысын имандаш улым Тимоҫеусҡа сәләм. Атабыҙ Алла һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтән һиңә мәрхәмәт, шәфҡәт, именлек булһын. Македония өлкәһенә киткән саҡта, мин һиңә Эфеста ҡалып, ялған тәғлимәт өйрәтеүселәрҙе тыйыуыңды һорағайным. Улар осһоҙ-ҡырыйһыҙ шәжәрәләрҙә соҡсоноп һәм уйҙырма хәбәрҙәр таратып йөрөүҙән туҡтаһын, сөнки былар барыһы ла бәхәс кенә тыуҙыра һәм Алла ниәтен иман аша тормошҡа ашырырға ҡамасаулай. Өгөтләүемдең маҡсаты – саф йөрәктән, таҙа выждандан һәм эскерһеҙ имандан килгән мөхәббәтте тыуҙырыу. Беҙ иһә ҡанундың һәйбәт икәнлеген беләбеҙ, тик уны дөрөҫ ҡулланырға кәрәк. Ҡанун тәҡүә кешеләр өсөн сығарылмаған, ул ҡанунһыҙҙар һәм буйһонмаусылар, Алланы һанға һуҡмаусылар һәм гонаһлылар, тәҡүәһеҙҙәр һәм изге нәмәләргә битарафтар, ата-әсәһенә ҡул күтәреүселәр, кеше үлтереүселәр, фәхешлек ҡылыусылар, ирҙәр менән енси мөнәсәбәткә инеүсе ирҙәр, кеше менән һатыу итеүселәр, алдаҡсылар, ялғанлап ант итеүселәр һәм, ғөмүмән, хаҡ тәғлимәткә ҡаршы килеүсе бөтөнөһө өсөн сығарылған. Мөбәрәк Алланың шөһрәте тураһындағы миңә ышанып тапшырылған Һөйөнөслө Хәбәрҙә был турала шулай тиелә. Раббыбыҙ мәрхәмәте миңә Ғайса Мәсихтә булған иман һәм мөхәббәт менән бергә мул бирелде. Ғайса Мәсих донъяға гонаһлыларҙы ҡотҡарырға килде, тигән һүҙҙәр хаҡ һәм тулы ышанысҡа лайыҡ, ундай гонаһлылар араһында мин иң гонаһлыһымын. Шуға ла, Мәсихкә инанып мәңгелек тормош аласаҡ кешеләр өсөн иң сағыу өлгө булһын тип, миңә шәфҡәт бирелде һәм Ғайса Мәсихтең бөйөк сабырлығы миндә күрһәтелде. Мәңгелек Батшаға, үлемһеҙ, күҙгә күренмәҫ, берҙән-бер Аллаға мәңгенән-мәңгегә хөрмәт һәм дан! Амин. Тимоҫеус улым, һинең турала элек һөйләнгән пәйғәмбәрлек һүҙҙәре буйынса, үҙемдең әмеремде еткерәм: һин, уларға таянып, лайыҡлы көрәш алып бар, иманыңды һәм саф намыҫыңды һаҡла, сөнки ҡайһы берәүҙәр, намыҫлылыҡтан баш тартып, имандарын һәләк итте. Һуменайос менән Искәндәр ҙә шундайҙарҙан, мин уларҙы, көфөр һүҙҙәр һөйләүҙән тыйылып өйрәнһендәр өсөн, Иблис ҡулына тапшырҙым. Был яҡшы ла, Ҡотҡарыусы Аллабыҙ ҙа уны хушһынып ҡабул итә. Ул бөтә кешеләрҙең дә ҡотолоуын һәм хәҡиҡәтте таныуын теләй бит. Алла бер, Алла менән кешеләр араһында бәйләнеш булдырыусы ла бер. Ул – Кеше Ғайса Мәсих. Ул бөтә кешеләрҙе ҡотҡарыу хаҡын Үҙ ғүмере менән түләне. Быға Алла тарафынан билдәләнгән ваҡытта шаһитлыҡ бирелде. Шуның өсөн мин бүтән халыҡтарға иман һәм хәҡиҡәт өйрәтеүсе, вәғәз таратыусы илсе итеп ҡуйылдым. Дөрөҫөн һөйләйем, ялғанламайым. Инде ирҙәрҙең ярһымайынса һәм бәхәсләшмәйенсә, саф намыҫ менән ҡулдарын күтәреп доға ҡылыуҙарын теләйем. Ҡатындарҙың да сәстәрен төрләндереп үрмәүен, алтын йәки ынйы таҡмауын, ҡиммәтле кейемдәр кеймәүен, ә тыйнаҡ кейенеп, әҙәп һәм намыҫ һаҡлап, Аллаға тоғро һәм ихтирамлы ҡатын-ҡыҙҙарға хас булғанса, үҙҙәрен яҡшы эштәр менән биҙәүен теләйем. Ҡатын-ҡыҙ шым һәм тулы күндәмлек менән өйрәнһен. Ҡатындарға ирҙәрен өйрәтергә, уларға баш булырға рөхсәт итмәйем, улар шым ултырһын. Тәүҙә бит Әҙәм, унан Һауа яратылған. Әҙәм алданмаған, ә ҡатын, алданып, гонаһҡа төшкән. Әгәр ҡатын иман һәм мөхәббәттә, изгелек һәм әхлаҡлылыҡ һаҡлап йәшәһә, әсәлек бурысын үтәүсе булараҡ, ҡотҡарыласаҡ. Кем имандаштар берҙәмлегенә етәксе булырға ынтыла, шуның ниәте изге, тигән һүҙҙәр хаҡ. Етәксе намыҫлы тормош алып барған, ҡатынына тоғро ир, айыҡ аҡыллы, тотанаҡлы, ихтирам ҡаҙанған, ҡунаҡсыл, өйрәтеүгә маһир булырға тейеш, ул эсеп йөрөмәҫкә, һуғыш суҡмары ла, аҡса ҡоло ла булмаҫҡа, ә иғтибарлы булырға һәм тыныслыҡ һөйөргә, үҙ ғаиләһе менән оҫта идара итергә, балаларын ихтирамға лайыҡ, тыңлаусан итеп тәрбиәләргә бурыслы. Әгәр үҙ ғаиләһе менән идара итә белмәһә, Алла берҙәмлеге хаҡында нисек хәстәрләй алыр? Етәксе, әреләнеп китеп, Иблис төшкән хөкөмгә дусар ителмәһен өсөн, ул иманға яңы ғына килеүселәр араһынан булырға тейеш түгел. Ғәйеп тыуҙырмаҫ һәм Иблис тоҙағына эләкмәҫ өсөн, етәксенең сит кешеләр араһында ла даны яҡшы булыуы мотлаҡ. Ярҙамсылар шулай уҡ ике йөҙлөләнмәҫкә, эсеү менән мауыҡмаҫҡа, һаранланмаҫҡа, ихтирамға лайыҡ булырға, иманыбыҙҙың серле асылын саф выждан менән һаҡларға тейеш. Уларҙы ла башта һынап ҡараһындар, шунан ғына, әгәр тел тейҙермәҫлек булһалар, хеҙмәт итһендәр. Шулай уҡ ярҙамсы ҡатындар ҙа ихтирамға лайыҡ, ғәйбәт һөйләп йөрөмәгән, айыҡ аҡыллы, һәр яҡлап ышаныс яулаған кеше булһын. Ярҙамсы үҙенең ҡатынына тоғро ир булырға, балаларына һәйбәт тәрбиә бирергә һәм ғаиләһе менән оҫта идара итергә тейеш. Яҡшы хеҙмәт иткән ярҙамсылар ҙур дәрәжәгә күтәрелә һәм Ғайса Мәсихкә булған имандарында тәүәккәллектәре арта. Быны мин тиҙҙән һинең яныңа килеремә ышанып яҙам, әгәр мин оҙаҡлаһам, хәҡиҡәттең терәге һәм нигеҙе булған тере Алланың берҙәмлегендә, йәғни Алла йортонда үҙеңде нисек тоторға кәрәклеген белергә тейешһең. Иманыбыҙҙың серле асылының бөйөк булыуы бәхәсһеҙ: Ул кеше тәнендә килде, Уның хаҡлығы Изге Рух ярҙамында раҫланды, Уны фәрештәләр күрҙе, Ул халыҡтар араһында вәғәзләнде, донъяла иман менән ҡабул ителде, дан менән күккә күтәреп алынды. Ахыры заманда ҡайһы берәүҙәр, алдаҡсы рухтарға һәм ен өйрәтеүҙәренә ҡолаҡ һалып, имандан кире сигенәсәктәр, Изге Рух быны асыҡ әйтә. Бындай өйрәтеүҙәр ике йөҙлө ялғансылар аша килә. Ҡыҙған тимер менән тамғаланған выждандары ҡарайған. Улар никахлашыуҙы тыя һәм ҡайһы бер ризыҡтарҙы ашамаҫҡа ҡуша. Ә ризыҡты, иман юлындағылар, хәҡиҡәтте таныусылар рәхмәт менән ҡабул итһен өсөн, Алла булдырған. Алла булдырған бөтә нәмә яҡшы һәм, әгәр рәхмәт менән ҡабул ителһә, бер нәмә лә кире ҡағылырға тейеш түгел, сөнки ул Алла һүҙе һәм доға менән изгеләштерелә. Үҙең ҡабул иткән иман һүҙҙәрен, яҡшы тәғлимәтте ныҡ тотоп, рухи ризыҡ менән туҡланып, имандаштарыбыҙға ла ошо нәсихәттәрҙе өйрәтһәң, Ғайса Мәсихтең һәйбәт хеҙмәтсеһе булырһың. Бисә-сәсәнең иманһыҙ уйҙырма ләститенән ары йөрө, үҙеңде Аллаға ихлас табыныуҙа күнектер. Тән күнекмәһенең ярҙамы сикләнгән, ә Аллаға ихлас табыныу һәр яҡлап файҙалы, сөнки ул ысын тормош вәғәҙә итә – хәҙер ҙә, киләсәктә лә. Был һүҙҙәр хаҡ һәм тулы ышанысҡа лайыҡ. Бының өсөн беҙ бар көсөбөҙҙө һалып хеҙмәт итәбеҙ һәм көрәш алып барабыҙ, сөнки бөтә кешеләрҙе, бигерәк тә иман юлындағыларҙы ҡотҡарыусы тере Аллаға өмөт бағлайбыҙ. Быларҙы башҡаларға өйрәт һәм үтәлеүен талап ит. Бер кем дә һинең йәшеңә кәмһетеп ҡарамаһын; һөйләгән һүҙҙәреңдә лә, йәшәйешеңдә лә, мөхәббәттә лә, иманда ла, сафлыҡта ла иман тотоусылар өсөн өлгө бул. Мин килгәнгә тиклем Изге Яҙмаларҙы уҡып ишеттер, нәсихәт бир, өйрәт. Берҙәмлек өлкәндәре һиңә ҡулдарын ҡуйған саҡта, Алла тарафынан пәйғәмбәрлек аша бирелгән рухи бүләгеңде иғтибарһыҙ ҡалдырма. Уңышыңдың үҫеүе бөтәһенә лә асыҡ күренһен өсөн, ошо ҡушылған эштәр менән мәшғүл бул, үҙеңде шуларға бағышла. Үҙеңә ҡарата ла, өйрәтеүҙәреңә лә иғтибарлы бул; кәңәштәремде тот. Шулай иткәндә, һин үҙеңде лә, һине тыңлаусыларҙы ла ҡотҡарырһың. Ололарға ҡаты бәрелмә. Ололарҙы – атайың һымаҡ, үҙеңдән кеселәрҙе ҡустың кеүек күреп өгөтлә; үҙеңдән өлкән ҡатын-ҡыҙҙарҙы – әсәйең һымаҡ, йәшерәктәрҙе һеңлең кеүек күреп, бар сафлығың менән өгөтлә. Ысын тол ҡатындар тураһында хәстәрлек күр. Әгәр ҙә тол ҡатындың балалары йәки ейәндәре булһа, улар иң тәүҙә үҙ ғаиләһен хөрмәт итеп, ата-әсәһе күрһәткән хәстәрлеккә хәстәрлек менән яуап биреп өйрәнһен, Алла шуны теләй. Яңғыҙ ҡалған ысын тол ҡатын Аллаға ғына өмөт бағлай һәм көнө-төнө Аллаға ялбарып доға ҡыла. Ә кәйеф-сафа менән генә көн иткәне, йәшәһә лә, тереләй үле инде. Улар намыҫлы тормош алып барһын өсөн, был талаптарҙың үтәлеүен күңелдәренә һеңдер. Берәйһе үҙенең туғандары, бигерәк тә ғаилә ағзалары тураһында хәстәрлек күрмәй икән, тимәк, ул иманынан ваз кискән, ул иманһыҙҙан да яманыраҡ. Алтмыш йәштән дә кәм булмаған, үҙ ғүмерендә иренә тоғролоҡ һаҡлаған тол ҡатындарҙы ғына тол ҡатындар исемлегенә индер, ул үҙенең изге эштәре менән билдәле, йәғни балалар тәрбиәләп үҫтергән, ҡунаҡсыллыҡ күрһәткән, имандаштарының аяҡтарын йыуған, ауырлыҡ күргәндәргә ярҙам иткән һәм үҙен һәр төрлө яҡшы эшкә бағышлаған. Ә йәш тол ҡатындарҙы исемлеккә индермә, сөнки улар, хисле теләккә бирелһә, үҙҙәрен Ғайса Мәсихкә бағышлауҙан туҡтап, кейәүгә сығырға теләй. Шулай тәүге вәғәҙәләрен боҙған өсөн, ундайҙар үҙҙәрен хөкөмгә илтә. Өҫтәүенә, ялҡаулыҡҡа һалышҡанлыҡтан, өйҙән-өйгә йөрөргә әүәҫләнеп китә һәм, ялҡаулыҡтан тыш, ғәйбәт тарата, кеше эшенә ҡыҫыла, тейешһеҙ хәбәр һөйләй. Шуға күрә, дошманға яманатын сығарырға бер ниндәй ҙә урын ҡалмаһын өсөн, йәш тол ҡатындарҙың никахҡа инеүҙәрен, бала табыуҙарын, йорт-ҡура ҡарауҙарын теләйем. Тол ҡатындарҙың ҡайһы берәүҙәре, тура юлдан тайпылып, Иблис ҡотҡоһона бирелде бит. Әгәр ҙә берәй иманлы ҡатындың тол туғаны бар икән, уға ҡарата үҙе хәстәрлек күрһен. Имандаштар берҙәмлегенә көс төшөрмәһен, сөнки берҙәмлек ысын тол ҡатындарға ғына ярҙам итергә тейеш. Яҡшы етәкселек иткән өлкәндәрҙең, бигерәк тә һүҙе менән дә, өйрәтеүҙәре менән дә ауыр эш башҡарыусыларҙың хеҙмәте икеләтә баһаланһын. Изге Яҙмала «ашлыҡ һуҡҡан үгеҙҙең ауыҙын ҡаплап ҡуйма» һәм «эшсенең үҙенең хеҙмәтенә күрә әжерен алырға хаҡы бар» тип әйтелә бит. Берҙәмлек өлкәненә ҡарата ғәйепләү булһа, ике йәки өс шаһитһыҙ ҡабул итмә. Гонаһ ҡылғандарҙы иһә, башҡаларҙа ла ҡурҡыу тыуһын өсөн, бөтәһе алдында шелтәлә. Алла, Ғайса Мәсих һәм һайлап алынған фәрештәләр алдында һинән үтенеп һорайым: ҡушылған күрһәтмәләремде үтәгәндә ғәҙел бул, бер кемгә лә өҫтөнлөк бирмә. Кемгә лә булһа ҡулдарыңды ҡуйырға ашыҡма, башҡаларҙың гонаһлы эштәрендә ҡатнашма. Үҙеңде саф көйө һаҡла. Әйткәндәй, инде ҡоро һыу ғына эсмә, ашҡаҙаныңды һаҡлау һәм йыш ауырымаҫ өсөн аҙ ғына шарап та эс. Әйтергә кәрәк, бәғзеләрҙең гонаһтары хөкөм көнөнә тиклем билдәле инде, башҡаларҙыҡы иһә һуңғараҡ асылыр. Шуның кеүек яҡшы эштәр ҙә билдәле, билдәле булмағандары ла йәшерен ҡала алмаҫ. Алла исеме һәм тәғлимәтебеҙ хурланмаһын өсөн, ҡоллоҡ иҙеүе аҫтындағылар үҙ хужаларына оло ихтирам менән ҡарарға тейеш. Хужалары иманлы булған осраҡта, имандаш әле тип, ҡолдарҙың уларға хөрмәте кәмерәк булмаһын, киреһенсә, тағы ла яҡшыраҡ хеҙмәт итһендәр, сөнки хеҙмәттәренең мәнфәғәтен күреүсе хужалар – иман тотоусылар һәм ҡәҙерле имандаштар. Кешеләрҙе ошоға өйрәт һәм нәсихәт ит. Кемдер башҡа берәй нәмәгә өйрәтә һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең хаҡ һүҙҙәре, шулай уҡ иманға тап килгән тәғлимәт менән килешмәй икән, ул кеше тәкәббер, бер ни белмәй, әммә бәхәсләшеү һәм һүҙ көрәштереү сирен йоҡторған; шул арҡала көнсөллөк, талаш, яман һүҙ һөйләү, мәкерле шикләнеүҙәр килеп сыға, Аллаға табыныу – табыш алыу өсөн тип уйлап, хәҡиҡәттән ситләшкән, шул арҡала аҡылдарына зыян килгән кешеләр араһында буш бәхәстәр тыуа. Аллаға ихлас табыныу һәм бары менән ҡәнәғәт булыу, – ысынлап та, оло табыш ул. Беҙ донъяға бер ни ҙә алып килмәнек һәм бынан бер ни ҙә алып китә алмайбыҙ. Ашарға ризығыбыҙ һәм кейергә кейемебеҙ булһа, шуның менән ҡәнәғәтләнәйек, ә байырға теләүселәр ҡотҡоға бирелә, кешене үлемгә һәм һәләкәткә килтерә торған мәғәнәһеҙ, зарарлы күп теләктәрҙең тоҙағына эләгә. Бөтә яуызлыҡтың башы – аҡсаға табыныу. Ҡайһы берәүҙәр, ҡомһоҙланып, имандан ситләшкән һәм үҙҙәрен күп михнәттәргә дусар иткән. Һин иһә, Алла кешеһе, быларҙан ситтә тор, ә тәҡүә булыуҙа, ихлас табыныуҙа, иманда, мөхәббәттә, сабырлыҡта, баҫалҡылыҡта уңыштарға өлгәш. Иман өсөн изге көрәш алып бар, мәңгелек тормошҡа эйә булыуға өлгәш. Алла һине ошоға саҡырҙы, һәм һин күп шаһиттар алдында үҙеңдең тоғро иманыңды раҫланың. Бар тереклеккә йән биреүсе Алла алдында һәм, тоғро иманын раҫлап, Понтиос Пилатос ҡаршыһында шаһитлыҡ биргән Ғайса Мәсих алдында һиңә аманат әйтәм: Раббыбыҙ Ғайса Мәсих килгәнгә тиклем был бойороҡҡа тоғро бул һәм уны һүҙ тейҙермәҫлек итеп үтә. Берҙән-бер һәм мөбәрәк Түрә, батшаларҙың Батшаһы һәм хакимдарҙың Хакимы, ваҡыты еткәс, Ғайса Мәсихте ебәрәсәк. Берҙән-бер үлемһеҙ Зат, буй етмәҫ яҡтылыҡта торған, бер кеше лә күрмәгән һәм күреү мөмкин дә булмаған Аллаға – хөрмәт һәм мәңгелек хакимлыҡ! Амин. Был донъялағы байҙарҙы иҫкәрт: улар үҙҙәре тураһында юғары фекерҙә булмаһын һәм ышанысһыҙ байлыҡҡа түгел, рәхәтләнеп йәшәү өсөн бөтә нәмәне мул биргән Аллаға өмөт бағлаһын. Улар изгелек ҡылһын, яҡшы эштәре менән бай булһын, йомарт һәм үҙҙәренекен башҡалар менән бүлешергә әҙер торһон. Шулай улар ысын тормошҡа өлгәшер өсөн киләсәккә ныҡлы нигеҙ булырлыҡ хазина туплар. Тимоҫеус! Үҙеңә ышанып тапшырылғанды һаҡла, Алланы һанға һуҡмаған буш һүҙҙәрҙән һәм, ғилем тип аталып та, дөрөҫлөккә тап килмәгән нәмәләрҙән ары тор. Ҡайһы берәүҙәр шуның менән мауығып имандан ситләште бит. Мәрхәмәт һеҙҙең менән булһын. Алла тарафынан беҙгә вәғәҙә ителгән Ғайса Мәсихтәге тормош тураһындағы хәбәрҙе еткереү өсөн Алла ихтыяры менән ебәрелгән илсе Паулустан ҡәҙерле улым Тимоҫеусҡа сәләм. Атабыҙ Алланан һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтән һиңә мәрхәмәт, шәфҡәт һәм именлек булһын. Көнө-төнө доға ҡылып, һине туҡтауһыҙ иҫкә төшөргәндә, ата-бабаларым кеүек саф выждан менән үҙем дә хеҙмәт иткән Аллаға рәхмәт әйтәм. Күҙ йәштәреңде иҫкә төшөрәм дә, һине күргем килеп китә, ул ваҡытта үҙемдең күңелем шатлыҡ менән тулыр ине. Лойс өләсәйеңдә һәм Әүникә әсәйеңдә булған шундай уҡ эскерһеҙ иманды хәтерләйем дә был имандың һиндә йәшәүенә ышанам. Шуға күрә хәтереңә төшөрәм: өҫтөңә ҡулдарымды ҡуйған саҡта үҙеңә Алла тарафынан бирелгән рухи бүләкте үҫтер. Алла беҙгә ҡурҡыу рухы түгел, ә ҡеүәт, мөхәббәт һәм айыҡ аҡыл биргән бит. Шулай итеп, Раббыбыҙ тураһында шаһитлыҡ биреүҙән дә, Уның хаҡына тотҡон булған минән дә оялма; ә минең менән бергә Һөйөнөслө Хәбәр хаҡына Алланың көс-ҡеүәтенә таянып ғазаплан. Ул беҙҙе ҡылған эштәребеҙгә ҡарап түгел, ә Үҙенең ниәте һәм мәрхәмәте менән ҡотҡарҙы, изге тормошҡа саҡырҙы. Уның был мәрхәмәте донъя яратылғансы уҡ Ғайса Мәсихтә еткерелде. Хәҙер беҙ был мәрхәмәтте Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсих килгәс күрҙек. Ул үлемде юҡ итте һәм Һөйөнөслө Хәбәр аша йәшәү менән үлемһеҙлекте яҡтыға сығарҙы. Мин ошо Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләүсе илсе һәм остаз итеп ҡуйылдым. Шул сәбәпле мин әле ғазап сигәм, ләкин оялмайым, сөнки Кемгә инанғанымды беләм һәм Уның миңә ышанып тапшырғанды килгән көнөнә тиклем һаҡлай алырына ышанам. Ғайса Мәсихтә булған мөхәббәттә һәм иманда тороп, минән ишеткән хаҡ тәғлимәтте өлгө итеп тот. Һиңә ышанып тапшырылған яҡшы нәмәне күңелдәребеҙҙә йәшәгән Изге Рух ярҙамы менән һаҡла. Асия өлкәһендәгеләрҙең бөтөнөһөнөң дә мине ташлап киткәнен беләһең. Фугелос менән Һермогенес та улар араһында. Онесифорос ғаиләһенә Раббы шәфҡәт бирһен, ул күп тапҡыр күңелемде йыуатты, төрмәлә ултырыуымдан да оялманы. Улай ғына ла түгел, Римға килгәс, ҙур тырышлыҡ һалып мине эҙләп тапты. Ҡиәмәт көнөндә ул Раббы ярҙамы менән Раббының шәфҡәтен алһын. Уның Эфеста саҡта миңә нисек хеҙмәт иткәнен үҙең беләһең. Улым, һин Ғайса Мәсихтә булған мәрхәмәткә таянып нығын. Минән күп шаһиттар алдында ишеткәндәреңде башҡаларҙы ла өйрәтерлек ышаныслы кешеләргә тапшыр. Өлөшөңә төшкән ғазаптарҙы Ғайса Мәсихтең тоғро көрәшсеһе һымаҡ үҙ өҫтөңә ҡабул итеп ал. Бер ниндәй хәрби хеҙмәткәр ҙә үҙен донъяуи мәшәҡәттәр менән бәйләмәй, ул фәҡәт етәксеһенә ярарға тырыша. Шулай уҡ кеше тейешле ҡағиҙәләр буйынса ярышмай икән, еңеү тажына лайыҡ булмай. Тир түгеп эшләгән игенсе үҙенең хеҙмәт емешенең өлөшөн беренсе булып алырға тейеш. Мин әйткәндәр тураһында уйла. Раббы һиңә быларҙың барыһын да аңларға ярҙам итәсәк. Дауыт нәҫеленән булған Ғайса Мәсихте иҫеңдә тот. Ул үленән терелтеп торғоҙолдо. Был хаҡта мин һөйләгән Һөйөнөслө Хәбәрҙә әйтелә. Шуның өсөн мин ғазап сигәм, мине хатта енәйәтсе һымаҡ бығаулап ҡуйҙылар. Ләкин Алла һүҙен бығаулап булмай. Шуға ла Алла тарафынан һайлап алынғандар хаҡына, улар ҙа Ғайса Мәсихтәге ҡотолоуға мәңгелек дан менән бергә ирешһендәр өсөн, барыһына ла түҙәм. Уның менән үлгәнбеҙ икән, Уның менән бергә йәшәрбеҙ ҙә. Түҙәбеҙ икән, Уның менән бергә батшалыҡ та итербеҙ. Унан баш тартабыҙ икән, Ул да беҙҙән баш тартыр. Беҙ тоғролоҡ һаҡламаһаҡ та, Ул тоғро булып ҡалыр, сөнки Ул Үҙенән баш тарта алмай, – тигән һүҙҙәр хаҡ. Быларҙы бөтә кешеләрҙең дә иҫенә төшөр һәм, һүҙ бәхәсенә инмәһендәр өсөн, Алла алдында иҫкәрт, сөнки бәхәстәрҙең бер файҙаһы ла юҡ, улар тыңлаусыларҙы һәләкәткә илтә. Алла алдында үҙеңде һыналған, намыҫлы хеҙмәткәр, хәҡиҡәт һүҙен тоғро өйрәтеүсе итеп күрһәтергә тырыш. Ә Алланы һанға һуҡмаған буш һүҙҙәрҙән ситтә тор, сөнки уларҙы һөйләүселәр Алланан алыҫлаштыра, ундай һүҙҙәр яман шеш кеүек таралыр. Һуменайос менән Филетос та шундайҙар араһында, үлемдән терелеү булды инде, тип дөрөҫлөктән баш тартып, ҡайһы берәүҙәрҙең имандарын ҡаҡшаталар. Ләкин Алла һалған нигеҙ ныҡлы, унда бындай һүҙҙәр яҙылған: «Раббы Үҙенекеләрҙе белә» һәм: «Раббының исемен телгә алған һәр кем яуызлыҡтан ситләшһен». Ҙур йортта алтындан һәм көмөштән яһалған һауыттар ғына түгел, ағас менән балсыҡтан эшләнгәндәре лә бар; уларҙың ҡайһылары ҡәҙерләп тотонола, икенселәре көндәлек ҡулланылышта йөрөй. Шулай итеп, кем үҙен бысраҡтан таҙарындыра, шул йорт хужаһы өсөн файҙалы, изгеләштерелгән һәм бөтә яҡшы эштәргә лә яраҡлы һауыт кеүек буласаҡ. Йәштәргә хас булған мауығыуҙарҙан ситтә тор, ә Раббыға саф йөрәк менән мөрәжәғәт итеүселәр менән бергә тәҡүәлеккә, иман, мөхәббәт, именлеккә ынтыл. Наҙан кешеләрҙең аҡылһыҙ бәхәстәренән ситтә тор, уларҙың талаш ҡына тыуҙырыуҙарын беләһең. Раббыға хеҙмәт итеүсе талашырға тейеш түгел. Ул бөтәһенә ҡарата ла яғымлы, өйрәтеүгә маһир, түҙемле булырға, өйрәтеүҙәргә ҡаршы сығыусыларҙы ипле генә төҙәтергә тейеш. Алла тарафынан, бәлки, уларға ла хәҡиҡәтте танып белеү өсөн тәүбә бирелер, шулай иткәндә, улар, иҫкә килеп, үҙ ихтыярына буйһондорған Иблис тоҙағынан ҡотолор. Һин шуны бел: ахырызаман килгәндә ауыр ваҡыттар етер. Үҙҙәрен генә яратҡан, аҡсаға табынған, тәкәббер, һауалы, әсе телле, ата-әсәһенә буйһонмаған, изгелекте баһалай белмәгән, тәҡүәһеҙ, ҡаты бәғерле, кеше менән һыйыша алмаған, яла яғыусан, тотанаҡһыҙ, аяуһыҙ, яҡшылыҡҡа нәфрәтле, хыянатсыл, дыуамал, ҡупыҡ, Алланы яратыуға ҡарағанда кәйеф-сафаға нығыраҡ бирелгән, Аллаға ихлас табынған булып күренеп, иман көсөн кире ҡаҡҡан кешеләр артыр. Ундайҙарҙан алыҫ тор. Ундайҙар өйҙәргә шым ғына үтеп инә һәм гонаһҡа батҡан, төрлө кәйеф-сафаға бирелгән ҡатындарҙы үҙенә ылыҡтыра. Бындай ҡатындар һәр ваҡыт нимәгәлер өйрәнә, әммә бер ваҡытта ла хәҡиҡәткә төшөнә алмай. Яннес менән Ямбрес Муса пәйғәмбәргә ҡарышҡан кеүек, аҡылдары боҙоҡ, ялған иманлы был әҙәмдәр ҙә хәҡиҡәткә ҡаршы сыға. Әммә улар ҙур уңышҡа өлгәшә алмаҫ, сөнки уларҙың аҡылһыҙлығы, тегеләрҙеке кеүек үк, барыһына ла асылыр. Ә һин минең өйрәтеүемдә лә, йәшәйешемдә, маҡсатымда, иманымда, сабырлығымда, мөхәббәттә, сыҙамлыҡта ла минән өлгө алдың. Антиохияла, Иконионда, Лустрала эҙәрлекләүҙәргә һәм ғазаптарға дусар булыуымды беләһең бит. Ниндәй эҙәрлекләүҙәр аша үттем, барыһынан да Раббы мине ҡотҡарҙы! Әйткәндәй, Ғайса Мәсихтә тормош алып барырға, Аллаға ихлас табынып йәшәргә теләгәндәрҙең бөтәһе лә эҙәрлекләнер. Яуыздар һәм алдаҡсылар иһә, үҙҙәре лә яңылышып, кешеләрҙе лә юлдан яҙҙырып, уҫалланғандан-уҫаллана барыр. Ә һин, инанған тәғлимәтеңде кемдән өйрәнгәнеңде белеп, артабан да уға тоғро бул. Өҫтәүенә, Изге Яҙмаларҙы һин бала саҡтан уҡ беләһең бит, Ғайса Мәсихкә инаныу аша ҡотолорға улар һиңә аҡыл бирер. Изге Яҙма тотош Алла тарафынан рухландырылған һәм өйрәтеү, фашлау, төҙәтеү, хаҡ тормош өсөн тәрбиәләүгә файҙалы, шулай итеп, Алла кешеһе барыһына ла маһир һәм бөтә яҡшы эшкә лә әҙер. Тереләрҙе һәм үлеләрҙе хөкөм итәсәк Ғайса Мәсих Батша булып килер, шуға күрә Аллабыҙ һәм Ғайса Мәсих алдында һинән үтенеп һорайым: Алла һүҙен вәғәзлә, быны уңайлы ваҡытта ла, уңайһыҙ ваҡытта ла эшләргә әҙер тор, яңылышты төҙәт, иҫкәрт, өйрәткәндә һәр ваҡыт сабырлыҡ менән өгөтлә. Шундай ваҡыт килер: кешеләр, хаҡ тәғлимәтте тыңламайынса, фәҡәт үҙҙәренең күңеленә ятҡан һүҙҙәрҙе һөйләгән вәғәзләүселәрҙе үҙ теләктәре буйынса һайлап алырҙар; улар, хәҡиҡәтте инҡар итеп, уйҙырма хәбәрҙәр тыңлар. Һин бөтә нәмәгә лә һиҙгер, ҡайғыларға түҙемле бул, Һөйөнөслө Хәбәр вәғәзләүеңде дауам ит, хеҙмәтеңде камил рәүештә башҡар. Тормошом оҙаҡламай ҡорбан ителер, минең был донъянан китер ваҡытым етте. Мин яҡшы көрәш алып барҙым, аҙағына тиклем был юлды үтеп, иманымды һаҡланым; ә хәҙер мине хаҡлыҡ тажы көтә. Көнө еткәс, уны ғәҙел Хөкөмдар Раббы тапшырасаҡ, миңә генә түгел, Уның килеүен һағынып көткәндәрҙең бөтәһенә лә бирер. Минең янға мөмкин тиклем тиҙерәк килергә тырыш, сөнки Демас, был донъяны өҫтөн күреп, мине ташлап, Тессалоникеға юлланды, Крескес – Галатияға, Титус Далматиәгә китте, янымда Лукас бер үҙе генә ҡалды. Үҙең менән бергә Маркусты ла алып кил, ул миңә хеҙмәтемдә ярҙам итә алыр. Тухикусты мин Эфесҡа ебәрҙем. Килгән саҡта Троас ҡалаһында Карпостарҙа ҡалдырған сәкмәнемде һәм яҙмаларымды, бигерәк тә күнгә яҙылғандарын, алып кил. Баҡыр ҡойоу оҫтаһы Искәндәр миңә күп яуызлыҡ эшләне. Раббы уға ҡылған ғәмәленә ҡарап әжерен бирер. Һин үҙең дә унан һаҡлан, сөнки ул беҙ һөйләгәндәргә ҡырҡа ҡаршы килгәйне. Хөкөм алдында тәү тапҡыр яуап тотҡанда, янымда береһе лә булманы, бөтөнөһө лә ташлап китте. Был уларға ғәйеп һаналмаһын. Раббы иһә янымда булды һәм, Һөйөнөслө Хәбәр минең аша тулыһынса иғлан ителһен һәм бар халыҡтарға ишетелһен өсөн, миңә ҡеүәт бирҙе, арыҫлан ауыҙынан ҡотҡарҙы. Раббы мине бөтөн яуызлыҡтарҙан йолоп алыр һәм Үҙенең күктәге Батшалығы өсөн һаҡлар. Уға мәңгенән мәңгегә дан булһын! Амин. Прискилла менән Акуласҡа һәм Онесифоростар ғаиләһенә сәләмемде тапшыр. Әрәстос Коринҫоста ҡалды; ауырып киткән Трофимусты мин Милетоста ҡалдырҙым. Ҡыш еткәнсе килергә тырыш. Һиңә Әүбулус, Пудес, Линос, Клаудиә һәм башҡа имандаштарың да сәләм ебәрә. Раббыбыҙ һинең рухың менән. Уның мәрхәмәте һеҙҙең менән булһын. Алла хеҙмәтсеһе һәм Ғайса Мәсих илсеһе Паулустан сәләм. Алла тарафынан һайлап алынғандарҙың иманын нығытыу һәм ихлас табыныуға илтеүсе хәҡиҡәтте танып белеүгә килтереү өсөн ебәрелдем мин. Был иман һәм хәҡиҡәтте танып белеү беҙгә донъя башланғансы уҡ Алла вәғәҙә иткән мәңгелек тормошҡа өмөт бирә, ә Ул бер ҡасан да ялған һөйләмәй. Үҙ ваҡыты еткәс, Ҡотҡарыусыбыҙ Алла бойороғо буйынса миңә ышанып тапшырылған вәғәз аша Алла Үҙенең хәбәрен иғлан итте. Минең менән бер үк иманды уртаҡлашыусы ысын улым Титусҡа Атабыҙ Алланан һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсихтән мәрхәмәт һәм именлек теләйем. Бойороғома ярашлы, тамамланмаған эштәрҙе тәртипкә килтереү һәм бөтә ҡалаларҙа ла берҙәмлектәргә өлкәндәр тәғәйенләү өсөн, һине Критта ҡалдырҙым. Берҙәмлек өлкәне намыҫлы тормош алып барырға, ҡатынына тоғро ир булырға тейеш. Балаларының да иманлы, буйһонмауҙа ғәйепләнмәгән, аҙғын юлға баҫмаған булыуы мотлаҡ. Етәксе, Алла эштәре менән идара итеүсе булараҡ, намыҫлы тормош алып барһын. Ул тәкәббер ҙә, ҡыҙыу ҙа, эскесе лә, һуғыш суҡмары ла, һаран да түгел, ә ҡунаҡсыл, яҡшылыҡҡа ынтылған, тотанаҡлы, ғәҙел, Аллаға тоғролоҡло булһын, үҙен ҡулда тотоуы мотлаҡ. Хаҡ тәғлимәт буйынса нәсихәт бирә һәм ҡаршы кешеләрҙе кире ҡаға алһын өсөн, үҙе шул тәғлимәткә ярашлы ышаныслы һүҙҙе тотҡан кеше булырға тейеш. Буйһонмаусан, буш хәбәр һөйләүсе һәм алдаҡсы кешеләр күп, ундайҙар айырыуса сөннәтлеләр араһында байтаҡ. Уларҙы ауыҙҙарын ябырға мәжбүр итергә кәрәк, сөнки улар, хурлыҡлы табыш артынан ҡыуып, ярамаған нәмәләргә өйрәтеп, тотош ғаиләләрҙең тормошон боҙа. Араларынан берәү – үҙҙәренең аҡыл эйәһе: «Крит кешеләре алдаҡсы, яуыз йыртҡыс һәм ялҡау убырҙар», – тигән. Саф өсөн барыһы ла саф, ә иман тотмаған боҙоҡ кешеләр өсөн бер ниндәй ҙә саф нәмә юҡ, сөнки уларҙың аҡылдары ла, намыҫтары ла боҙоҡ. Улар, Алланы беләбеҙ, тип раҫлай, ә эштәре менән Унан ваз кисә, ундайҙар әшәке, тыңлауһыҙ һәм һәр төрлө изге эш өсөн һәләтһеҙ. Һин иһә хаҡ тәғлимәткә тура килгәндәрҙе вәғәзлә: оло ирҙәр айыҡ аҡыллы, ихтирамға лайыҡ, тотанаҡлы булһын, иманда, мөхәббәттә, сыҙамлылыҡта ныҡ торһон; өлкән йәштәге ҡатындар, ысын иманлы кешеләргә хас булғанса, үҙҙәрен әҙәпле тотһон, ғәйбәт һөйләмәһен, эскелеккә бирелмәһен, яҡшылыҡҡа өйрәтһен; Ир-егеттәрҙе лә һәр нәмәлә тотанаҡлы булырға өйрәт. Уларға бөтә яҡшы эштәрҙә лә яҡшы өлгө күрһәт, ә өйрәткәндә намыҫыңа тоғро һәм етди бул, телмәрең дөрөҫ һәм кире ҡаҡмаҫлыҡ булһын. Шулай ҡаршы килеүселәр бер ниндәй ҙә насар һүҙ әйтерлек урын тапмайынса оятҡа ҡалыр. Ҡолдар һәр нәмәлә хужаларына буйһонһон, ярарға тырышһын, бәхәсләшмәһен, урлашмаһын тип нәсихәт бир, улар һәр йәһәттән үҙҙәренең тоғро булыуҙарын күрһәтергә тейеш. Шулай итеп, улар Ҡотҡарыусыбыҙ Алла тәғлимәтенең күркәмлеге булып торасаҡ. Алла тарафынан бөтә кешеләрҙе ҡотҡарыусы мәрхәмәт күрһәтелде. Был мәрхәмәт, аллаһыҙлыҡты һәм донъяуи нәфселәрҙе кире ҡағып, беҙҙе был донъяла тотанаҡлы, ғәҙел булырға һәм Аллаға ихлас табынырға өйрәтә. Шул уҡ ваҡытта беҙ ҡыуаныслы өмөтөбөҙ – бөйөк Аллабыҙ ҙа, Ҡотҡарыусыбыҙ ҙа булған Ғайса Мәсихтең шөһрәте күренеүен көтәбеҙ. Мәсих, беҙҙе һәр төрлө гонаһтан йолоп алыу һәм таҙарындырыу өсөн, беҙҙе яҡшылыҡ ҡылырға ашҡынып торған Үҙ халҡы итер өсөн, Үҙен ҡорбан итте. Быларҙың барыһы тураһында һөйләгәндә, нәсихәт биргәндә һәм фашлағанда, хакимлыҡтың һәр төрөн файҙалан. Һине бер кем дә һанға һуҡмай тормаһын. Етәкселәргә һәм хакимлыҡҡа буйһонорға һәм уларҙы тыңларға, һәр төрлө яҡшы эшкә әҙер торорға кәрәклеген иман тотоусыларҙың иҫтәренә төшөрөп тор, шулай уҡ кешене яманламаҫҡа, ә тыныслыҡты һөйөргә, иғтибарлы һәм бөтә кешеләргә ҡарата ла бик илгәҙәк булырға өйрәт. Онотмайыҡ: ҡасандыр беҙ үҙебеҙ ҙә аңһыҙ, Аллаға буйһонмаусан, юлдан яҙҙырылған, һәр төрлө нәфсе һәм ләззәттәр ҡоло инек, яуызлыҡ һәм көнсөллөк эсендә йәшәнек, бер-беребеҙҙе һөйһөнмәнек. Ҡотҡарыусыбыҙ Алла иһә Үҙенең яҡшылығын һәм кешеләргә булған мөхәббәтен күрһәткәндә беҙҙе ҡылған ғәҙел эштәребеҙ өсөн түгел, ә Үҙенең шәфҡәте арҡаһында ҡотҡарҙы, яңы тормош биргән һыу менән таҙарындырҙы, Изге Рух менән яңыртты. Был Рухты Ул Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсих аша өҫтөбөҙгә мул яуҙырҙы, беҙ Уның мәрхәмәте менән аҡланып, үҙебеҙ өмөт иткән мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн шулай эшләне. Был һүҙҙәр хаҡ, Аллаға ышаныусылар үҙҙәрен яҡшы эштәргә бағышларға тырышһын өсөн, мин ошо һүҙҙәргә айырыуса баҫым яһап һөйләүеңде теләйем. Был бөтәһе өсөн дә яҡшы һәм файҙалы. Бушҡа һүҙ көрәштереүҙән, шәжәрәлә соҡсоноуҙан, ыҙғыш-талаштан һәм ҡанун тураһындағы бәхәстәрҙән алыҫ тор, сөнки уларҙың файҙаһы ла, мәғәнәһе лә юҡ. Бер-ике тапҡыр иҫкәрткәндән һуң да үҙенең бәхәстәре менән ҡапма-ҡаршылыҡ тыуҙырған кешенән баш тарт. Ундай кешенең боҙоҡлоҡ ҡылыусы һәм гонаһ эшләүсе икәнен беләһең бит, бының менән ул үҙен үҙе хөкөмгә дусар итә. Һинең яныңа Артемасты йәки Тухикусты ебәргәс, үҙең минең эргәмә Никополисҡа килергә ашыҡ, ҡышты мин унда үткәрәсәкмен. Ҡанун белгесе Зенас менән Аполлосты бер нәмәгә лә мохтаж булмаҫлыҡ итеп юлға оҙатыу хәстәрлеген күр. Беҙҙекеләр ҙә, ғүмерҙәре заяға уҙмаһын өсөн, башҡаларҙың ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереп, үҙҙәрен изге эштәргә бағышлап өйрәнһендәр. Минең менән бергә булғандарҙың бөтәһе лә һине сәләмләй. Иманлы булған, беҙҙе яратҡан барыһына ла сәләм тапшыр. Һәммәгеҙгә лә мәрхәмәт булһын. Атабыҙ Алланан һәм Раббы Ғайса Мәсихтән һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек булһын. Доғаларымда һине, Филемон, иҫкә алып, Аллама һәр ваҡыт рәхмәттәр уҡыйым, сөнки Раббы Ғайсаға булған иманың һәм барлыҡ изгеләргә ҡарата мөхәббәтең тураһында ишетеп йөрөйөм. Бөтәбеҙ өсөн дә уртаҡ иманыбыҙ һине беҙ Мәсихтә өлгәшкән барлыҡ изгелекте тулыраҡ аңлауға килтерһен тип, доға ҡылам. Һинең мөхәббәтеңдә, имандашым, мин оло шатлыҡ һәм йыуаныс табам, сөнки изгеләрҙең күңелдәре һинең аша тынысланды. Шуға күрә мин, Мәсихтә рухи ҡәрҙәшең, бурысыңды үтәүҙе ҡыйыу рәүештә талап итә алһам да, башҡа берәү түгел, мин, ҡарт Паулус, әлеге ваҡытта Ғайса Мәсихкә инаныуым өсөн төрмәлә ултырыусы тотҡон, һөйөүебеҙгә таянып, һиңә үтенес менән өндәшәм. Бында, төрмәлә, үҙемдең улым тип һанаған берәү хаҡына һиңә мөрәжәғәт итәм. Ул – минең аша иманға килгән Онесимус. Элек ул һинең өсөн файҙаһыҙ ине, хәҙер иһә һинең өсөн дә, минең өсөн дә файҙалы. Күҙемдең ҡараһылай булып киткән Онесимусты кире һеҙгә ҡайтарып ебәрәм. Мин уны үҙ янымда ҡалдырырға ла теләр инем, ул һинең урынға миңә, Һөйөнөслө Хәбәр хаҡына төрмәлә ултырған тотҡонға, ярҙам итер ине. Әммә һинең ризалығыңдан тыш бер нәмә лә эшләргә теләмәнем. Изгелекле эшең ирекһеҙләүҙән түгел, ә үҙ теләгең буйынса башҡарылһын. Һеҙҙең бер-берегеҙҙән ҡыҫҡа ваҡытҡа айырылып тороуығыҙ, бәлки, һин уны яңынан ҡабул итеп бөтөнләйгә үҙ яныңда ҡалдырыу өсөн дә булғандыр, һәм инде ҡол сифатында түгел, ҡолға ҡарағанда өҫтөнөрәк, ҡәҙерле имандашың кеүек ҡалдырыу өсөн. Мин уны бик яратам, ләкин ул һиңә кеше булараҡ та, Раббыныҡы булараҡ та тағы ла ҡәҙерлерәк. Шулай итеп, мине иптәшең тип һанаһаң, уны ла минең һымаҡ күреп, ихлас ҡабул ит. Әгәр ҙә ул һине ни менәндер рәнйеткән булһа йәки алдыңда бурыслы булһа, мине яуаплы тип иҫәплә. Мин, Паулус, быны үҙ ҡулым менән яҙам: ул килтергән зыянды ҡаплармын. Ә һинең бурыслы булыуың тураһында әйтеп тормайыҡ, һин бит миңә үҙең менән бурыслы. Шулай, имандашым, Раббы хаҡына хәҙер инде мин дә файҙаңды күрергә теләйем. Мәсихтә йөрәгемә ҡыуаныс һал. Мин һиңә үтенесемде кире ҡаҡмаясағыңа ышанып һәм хатта һорағаныма ҡарағанда күберәк эшләйәсәгеңде белеп яҙам. Шулай уҡ үтенәм, минең өсөн бер бүлмә әҙерләп ҡуй, сөнки, доғаларығыҙға яуап итеп, Алла һеҙгә ҡайтыуымды бүләк итер тип өмөтләнәм. Минең менән бергә Ғайса Мәсих хаҡына тотҡонлоҡта ултырыусы Әпәфрас һәм хеҙмәттәштәрем Маркус, Аристархос, Демас һәм Лукас һиңә сәләм әйтәләр. Раббы Ғайса Мәсихтең мәрхәмәте һеҙҙең рухығыҙ менән булһын. Үткән замандарҙа Алла ата-бабаларыбыҙға пәйғәмбәрҙәр аша күп тапҡырҙар һәм төрлөсә мөрәжәғәт итте. Әммә был һуңғы көндәрҙә Ул бөтә нәмәнең вариҫы итеп ҡуйған һәм ҡасандыр Уның аша бар ғаләмде бар иткән Улы аша һөйләне. Уның Улы – Алла шөһрәтенең балҡышы һәм Уның асылының теүәл сағылышы. Ул бөтә нәмәне Үҙенең ҡөҙрәтле һүҙе менән тотоп тора. Кешеләрҙе гонаһтарынан таҙарындырғас, юғарыла Мөһабәт Алланың уң яғына ултырҙы. Уның Алланан бирелгән данлы исеме фәрештәләрҙекенән ни тиклем юғарыраҡ булһа, Ул Үҙе лә уларҙан шул тиклем өҫтөнөрәк тора. Ҡасан да булһа фәрештәләрҙең берәйһенә Алла: «Һин – Минең Улым. Бөгөндән Мин Һиңә Ата булдым», – тип әйткәнме ни? Йә булмаһа: «Мин – Уға Атай, ә Ул Миңә Улан булыр», – тигәнме? Йәнә, донъяға Үҙенең тәү тыуған Улын килтергәндә, Алла: «Алланың бөтә фәрештәләре Уға баш эйһен», – ти. Фәрештәләр тураһында: «Алла Үҙенең фәрештәләрен – ел, хеҙмәтселәрен ялҡынлы ут итә», – тиелгән. Улы тураһында иһә: «Йә, Аллам, тәхетең Һинең мәңгелек, батшалыҡ таяғың – ғәҙеллек таяғы. Һин дөрөҫлөктө яраттың, яуызлыҡты күрә алманың. Шуға күрә Алла, Һинең Аллаң, шатлыҡ майы менән мәсехләп, дуҫтарыңдан Һине өҫтөн ҡуйҙы», – тиелгән. Алла тағын: «Һин, Раббым, иң тәүҙә ерҙең нигеҙен ҡорҙоң, күктәр – Һинең ҡулдарыңдың эше. Улар юҡҡа сығыр, ә Һин мәңге ҡалырһың. Барыһы ла кейем һымаҡ туҙыр, Һин уларҙы өҫ кейемеләй төрөп ҡуйырһың, кейемдәй улар алмаштырылыр. Үҙең иһә гел үҙгәрешһеҙ ҡалырһың, ғүмер йылдарың һис ҡасан тамамланмаҫ», – ти. Фәрештәләрҙең берәйһенә Алла ҡасан да булһа: «Мин дошмандарыңды аяҡ аҫтыңа баҫҡыс итеп һалғанға тиклем, уң яғымда ултыр», – тип әйттеме икән? Фәрештәләрҙең бөтәһе лә ҡотолоуға эйә буласаҡ заттарға хеҙмәт итергә ебәрелгән хеҙмәтсе рухтар түгелме ни? Шуға күрә, дөрөҫ йүнәлеште юғалтмаҫ өсөн, беҙ ишеткәндәребеҙгә айырыуса иғтибарлы булырға тейешбеҙ. Фәрештәләр аша еткерелгән һүҙ дөрөҫкә сыҡты, һәр төрлө енәйәт һәм тыңлауһыҙлыҡ тейешле язаһын алды. Әгәр ошондай бөйөк ҡотҡарылыу менән иҫәпләшмәйбеҙ икән, әле килеп язаны нисек урап үтә алырбыҙ? Был ҡотҡарылыу тураһында бит тәүләп Раббы Үҙе асып һалды һәм Уның әйткәндәрен ишеткән кешеләр беҙгә быны раҫланы. Алла Үҙе лә быны билдәләр, мөғжизәләр һәм төрлө ҡөҙрәтле эштәр ҡылыу һәм Изге Рухтан килгән бүләктәрҙе Үҙ ихтыяры буйынса бүлеп биреү юлы аша иҫбат итте. Беҙ әле һөйләгән киләсәк донъяны Алла фәрештәләргә буйһондорманы бит. Әммә кемдер Изге Яҙманың ҡайһылыр бер урынында былай тип шаһитлыҡ иткән: «Әҙәм заты нимә инде? Ә Һин уның хаҡында уйлайһың! Бәндә балаһы кем – уны хәстәрләйһең? Һин уны бер аҙ ваҡытҡа фәрештәләрҙән түбәнерәк ҡуйҙың; шөһрәт һәм хөрмәт тажы кейҙерҙең, бар нәмәне аяҡтарының аҫтына һалып, уға буйһондорҙоң». Алла, бөтә нәмәне әҙәм балаһына буйһондороп, уға буйһондоролмаған бер нәмәне лә ҡалдырманы. Әммә әлегә беҙ бөтә нәмәнең дә уға буйһонғанын күрмәйбеҙ. Уның ҡарауы беҙ Ғайсаны күрәбеҙ – Ул Алла мәрхәмәте менән бөтәһе хаҡына үлем татыһын өсөн бер аҙ ваҡытҡа фәрештәләрҙән түбәнерәк ҡуйылды. Әммә һуңында Ул, үлемде һынағаны өсөн, башына шөһрәт һәм хөрмәт тажын кейҙе. Алла – бөтә нәмәнең маҡсаты һәм башланғысы. Үҙенә эйәргән күп кешеләрҙе данға алып килгән сағында, ҡотолоуҙарына нигеҙ һалған Ғайсаны ғазаптар аша камиллыҡҡа еткерергә тейеш ине. Кешеләрҙе изге иткән Ғайса ла, изге ителгән әҙәмдәр үҙҙәре лә – бер Атанан. Шуның өсөн Ғайса уларҙы Үҙенең туғандары тип атауҙан оялмай. Ул: «Исемеңде туғандарыма иғлан итермен, изге йыйында Һиңә дан йырлармын», – ти. Һәм тағы: «Мин Аллаға ышаныс бағлайым», – ти. Һәм: «Бына Мин һәм Алла Миңә биргән балалар», – ти. Ул бит фәрештәләргә түгел, ә Ибраһим тоҡомона ярҙамға килде. Шуға күрә Ул кешеләрҙе гонаһтарынан йолоп алыу маҡсатында, Аллаға хеҙмәт итеүҙә шәфҡәтле һәм тоғро Баш Ҡаһин булыр өсөн, һәр йәһәттән туғандарына оҡшарға тейеш булды. Ғайса Үҙе лә, һынауҙарҙан үтеп ғазап сикте. Шуның өсөн Ул һынауҙан үткәндәргә ярҙам итә ала. Шуға күрә һеҙ, изге имандаштар, күктәр тарафынан саҡырылған хеҙмәттәштәр, беҙ тотҡан имандың Илсеһе һәм Баш Ҡаһины Ғайса тураһында ентекләп уйлағыҙ. Муса Алла йортондағы эштәрҙә тоғро булған кеүек, Ғайса ла Үҙен хеҙмәткә алған Аллаға тоғро. Әммә йортто төҙөүсе йорттоң үҙенә ҡарағанда күпмегә нығыраҡ хөрмәт ителһә, Ғайса Мусаға ҡарағанда шул тиклем юғарыраҡ данға лайыҡ тип һаналды. Әлбиттә, һәр йорт кем тарафынандыр төҙөлә, әммә бөтә нәмәнең төҙөүсеһе – Алла. Муса Алла йортондағы бөтә эштәрҙә тоғро хеҙмәтсе ине, бының менән ул киләсәктә Алла тарафынан әйтеләсәк нәмәләргә шаһитлыҡ ҡылды. Мәсих иһә – Алла йорто өсөн яуаплы һәм Улан булараҡ тоғро; ә Уның йорто – беҙ, әммә үҙебеҙ ғорурланған ышаныс һәм өмөттә аҙаҡҡа тиклем торһаҡ ҡына. Шуға күрә, Изге Рух әйткәнсә: «Бөгөн Алла тауышын ишетәһегеҙ икән, сүллектә һынау көнөндә ҡаршылыҡ күрһәткән саҡтағылай, йөрәгегеҙ тиҫкәре булмаһын. Унда ата-бабаларығыҙ Мине һынаны һәм ҡылған эштәремде ҡырҡ йыл буйына күрҙе. Шуның өсөн был быуынға асыуым килде лә „Уларҙың йөрәктәре һәр саҡ аҙаша, юлдарымды танымайҙар“, – тинем. Шуның өсөн нәфрәтләнеп: „Улар бер ҡасан да Минең тыныс-имен урыныма инмәйәсәк“, – тип ант иттем». Имандаштар, һаҡ булығыҙ, берегеҙҙә лә тере Алланан баш тартырлыҡ яуыз, иманһыҙ йөрәк булмаһын. Киреһенсә «бөгөн» тигән һүҙ әлегә ғәмәлдә булған саҡта, берегеҙ ҙә гонаһҡа алданып тиҫкәреләнмәһен өсөн, бер-берегеҙҙе көн һайын ҡеүәтләп тороғоҙ. Сөнки беҙ – Мәсихтең арҡалаштары, тик баштағы ышанысыбыҙҙа аҙаҡҡаса ныҡ торған хәлдә генә. Изге Яҙмала былай тип әйтелгән: «Бөгөн Алла тауышын ишетәһегеҙ икән, ҡаршылыҡ күрһәткән саҡтағылай, йөрәгегеҙ тиҫкәре булмаһын». Алла тауышын ишетеп тә, ҡаршылыҡ күрһәтеүселәр кем һуң? Мысырҙан Муса алып сыҡҡандарҙың бөтәһе лә түгел инеме ни? Ҡырҡ йыл буйы Алла кемгә асыу тотҡан һуң? Гонаһ ҡылып, үле кәүҙәһе сүллектә ятып ҡалған кешеләргә түгелме? Улар Минең тыныс-имен урыныма бер ҡасан да инмәйәсәк тип, Алла кем тураһында ант итте һуң? Тыңлауһыҙҙар тураһында түгелме? Шулай итеп, ышанмағандары өсөн унда инә алмағанлыҡтарын күрәбеҙ. Алланың тыныс-имен урынына инә алыуыбыҙ тураһындағы вәғәҙәһе үҙ көсөндә ҡала әле, шуға ла берегеҙ ҙә ошо мөмкинлекте ҡулынан ысҡындырмаһын өсөн, иғтибарлы булайыҡ. Был кешеләргә еткерелгән һымаҡ уҡ, Һөйөнөслө Хәбәр беҙгә лә бирелде, әммә уларға Хәбәрҙең файҙаһы теймәне, сөнки улар Хәбәрҙе тыңлаған кешеләр кеүек уны ышанып ҡабул итмәне. Беҙ иһә ышанғанға күрә Алланың тыныс-имен урынына инәбеҙ. Алла бит: «Шуның өсөн Мин нәфрәтләнеп: „Улар бер ҡасан да Минең тыныс-имен урыныма инмәйәсәк“, – тип ант иттем», – тигән. Эштәре донъя барлыҡҡа килгән мәлдән тамамланған булһа ла, шулай тине Алла. Изге Яҙманың бер урынында етенсе көн тураһында былай тип әйтелгән: «Етенсе көндә Алла Үҙенең барлыҡ эштәренән ял итте». Үрҙә ошоға бәйле: «Улар бер ҡасан да Минең тыныс-имен урыныма инмәйәсәк», – тип әйтелгән. Һөйөнөслө Хәбәрҙе элегерәк ишеткән кешеләр, буйһонмауҙары арҡаһында, Алланың тыныс-имен урынына инә алманы. Әммә ҡайһы берәүҙәр унда инә аласаҡ, шуға күрә, Алла тағы бер көндө – «бөгөн»гө көндө билдәләне. Байтаҡ ваҡыт үткәс, Ул үрҙә күрһәтелгән һүҙҙәрҙе Дауыт аша белдерҙе: «Бөгөн Алла тауышын ишетәһегеҙ икән, йөрәгегеҙ тиҫкәре булмаһын». Йушағ уларҙы тыныс-имен урынға килтергән булһа, Алла бынан һуң тыуыр ниндәйҙер башҡа көн тураһында әйтмәҫ ине. Шуға күрә Алла халҡы өсөн шәмбе көнөнә оҡшаш ял көтөлә әле. Алланың тыныс-имен урынына ингән кеше, Үҙенең эштәренән ял иткән Алла кеүек үк, ял итәсәк. Шулай икән, Уның тыныс-имен урынына инергә бөтә тырышлығыбыҙҙы һалайыҡ. Буйһонмағандарҙың өлгөһөнә эйәреп, береһе лә ситтә тороп ҡалмаһын. Алла һүҙе тере һәм ҡеүәтле. Ул ике яғы ла үткер әллә ниндәй ҡылыстарҙан да үткерерәк. Ул беҙҙең эсебеҙгә шул тиклем тәрән үтеп инә, хатта йәнде – рухтан, быуындарҙы һөйәк елегенән айыра. Ул күңелдәребеҙҙәге уй-фекерҙәрҙе, ниәттәрҙе хөкөм итә. Яратылған бер генә йән эйәһе лә Алла күҙенән йәшеренә алмай. Уның өсөн бөтә нәмә асыҡ һәм нисек бар, шулай күренә. Шуға ла беҙ Уның алдында яуап тоторға тейешбеҙ. Беҙҙең күктәрҙән юғары күтәрелгән бөйөк Баш Ҡаһиныбыҙ – Алла Улы Ғайса булғанлыҡтан, әйҙәгеҙ иманыбыҙҙа ныҡ торайыҡ. Баш Ҡаһиныбыҙ етешмәгән яҡтарыбыҙҙы аңламаған, беҙгә теләктәшлек итә белмәгән Зат түгел. Ул беҙҙең кеүек үк бөтә нәмәлә лә һыналды, тик гонаһ ҡылманы бит. Шулай итеп, ярҙам кәрәк булғанда рәхим-шәфҡәт һәм мәрхәмәт табыу өсөн, Алланың мәрхәмәт тәхете янына ҡыйыу барайыҡ. Һәр баш ҡаһин, кешеләр араһынан һайланып, Алла алдында уларҙың вәкиле итеп ҡуйыла. Ул гонаһтарҙан пакланыр өсөн бүләктәр һәм ҡорбан килтерергә тейеш. Ундай баш ҡаһин белемһеҙҙәрҙең дә, тура юлдан тайпылыусыларҙың да хәленә инә ала, сөнки үҙенең дә йомшаҡлыҡтары бар. Шунлыҡтан ул халыҡ гонаһтары өсөн дә, үҙ гонаһтары өсөн дә ҡорбан килтерергә тейеш. Бындай хөрмәтле бурысты бер кем дә үҙ теләге менән ала алмай, ул, үҙ ваҡытында Һарун саҡырылған кеүек, был хеҙмәткә Алла тарафынан саҡырыла. Мәсих тә Баш Ҡаһин булыу хөрмәтен Үҙ өҫтөнә Үҙе алманы, ә Уға уны: «Һин – Минең Улым. Бөгөндән Мин Һиңә Ата булдым», – тип әйткән Алла бирҙе. Шулай уҡ Изге Яҙманың икенсе бер урынында Алла: «Һин – Мәлки-Садиҡ дәрәжәһендәге мәңгелек ҡаһинһың», – тип әйтә. Ерҙә йәшәгән сағында Ғайса Үҙен үлемдән ҡотҡара аласаҡ Аллаға күҙ йәштәре менән илап һәм ҡысҡырып, үтенеп доға ҡылды. Оло ихтирамы арҡаһында Уның үтенесе Аллаға барып ишетелде. Алла Улы булыуына ҡарамаҫтан, Ул Үҙ ғазаптары аша тыңлаусанлыҡтың асылын төшөндө һәм, камиллыҡҡа өлгәшкәндән һуң, Үҙенә тыңлаусан булған бөтөнөһө өсөн дә мәңгелек ҡотолоу сығанағына әйләнде. Ул Алла тарафынан Мәлки-Садиҡ дәрәжәһендәге Баш Ҡаһин итеп билдәләнде. Был турала күберәк тә һөйләй алыр инек, ләкин беҙ һөйләгәндәрҙе ишетмәй башланығыҙ, шунлыҡтан аңлатыуы ҡыйын. Һеҙ күптән инде үҙегеҙ өйрәтеүсе булырға тейеш инегеҙ, әммә һеҙҙе һаман Алла тәғлимәтенең тәү башланғыстарына өйрәтергә кәрәк. Һеҙгә ҡаты ризыҡ түгел, ә һөт кәрәк. Һөт менән туҡланған кеше хаҡ менән ялған араһындағы айырманы һиҙә алмай, сөнки ул – сабый. Ҡаты ризыҡ иһә өлкәндәргә ҡулай, тормош тәжрибәһе уларҙы яҡшылыҡ менән яманлыҡты айырыр һиҙгерлеккә өйрәткән. Алла рөхсәте менән артабан күсәйек. Бер тапҡыр Алла яҡтылығы менән нурландырылған, күк бүләгенең тәмен татыған, Изге Рухта ҡатнашҡан, Алланың яҡшы һүҙен һәм киләсәк донъя көстәренең тәьҫирен тойған, шунан һуң хаҡ юлдан ситкә тайпылған кешеләрҙе яңынан тәүбәгә килтереү мөмкин түгел, сөнки улар үҙҙәре Алла Улын арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлап, халыҡ алдында мәсхәрәләйҙәр. Күп тапҡыр ямғыр яуып, дымды үҙенә һеңдергән ер үҙен эшкәрткән кешегә уңыш бирһә, Алла фатихаһын ала. Ә инде сәнскәк тә ҡый үләндәре үҫкән ерҙең файҙаһы юҡ, уға ҡарғыш янай һәм ахыр килеп уны яндыралар. Әммә, һөйөклөләрем минең, беҙ ошо һүҙҙәрҙе һөйләһәк тә, һеҙгә килгәндә, хәлегеҙ һәйбәтерәк һәм ҡотҡарылыуға табан бараһығыҙ, тигән ышаныстабыҙ. Алла ғәҙелһеҙ түгел. Ул һеҙҙең хеҙмәттәрегеҙҙе лә, Уның изгеләренә ярҙам ҡылғанығыҙ һәм ярҙам ҡылыуҙы дауам итеүегеҙ аша Уның хаҡына күрһәткән мөхәббәтегеҙҙе лә онотмаясаҡ. Һәр берегеҙҙең аҙаҡҡа тиклем, өмөтөгөҙ тулыһынса тормошҡа ашҡанға тиклем шундай уҡ тырышлыҡ күрһәтеүен теләйбеҙ. Ялҡау булмағыҙ, ә иман һәм түҙемлек аша үҙҙәренә вәғәҙә ителгәнде алыусылар өлгөһөнә эйәрегеҙ. Ибраһимға вәғәҙә биргәндә Алла, ант итерлек Үҙенән бөйөгөрәк бер кем дә булмағас, Үҙенең барлығы менән ант итә. Ул: «Мин һиңә мул-мул фатихамды бирәсәкмен һәм тоҡомоңдо ишәйткәндән-ишәйтәсәкмен», – тигән. Ибраһим, сабырлыҡ менән көткәндән һуң, вәғәҙә ителгәнде алған. Кешеләр үҙҙәренән бөйөгөрәк зат менән ант итәләр, ул ант әйтелгәнде раҫлай һәм һәр төрлө бәхәстәргә сик ҡуя. Шуға күрә Алла, вәғәҙә ителгәнде аласаҡ кешеләргә Үҙ ниәтенең үҙгәрешһеҙ буласағын тағы ла асығыраҡ күрһәтеү өсөн, уны ант итеп раҫлаған. Ике үҙгәрешһеҙ нәмә – вәғәҙә һәм антҡа килгәндә, Алла тарафынан алдауға юл ҡуйылмай. Улар беҙҙе, Аллаға һыйынғандарҙы, алдыбыҙҙа торған өмөткә ныҡлап тотонорға дәртләндерә. Был өмөт, беҙҙең йәнебеҙ өсөн ныҡлы һәм ышаныслы якорь булып, пәрҙә артындағы Иң мөҡәддәс урынға инә. Унда беҙҙең хаҡҡа, Мәлки-Садиҡ дәрәжәһендәге мәңгелек Баш Ҡаһин булғандан һуң, башлап йөрөүсебеҙ булып Ғайса инде. Сәлим батшаһы, Юғарыларҙан Юғары Алланың ҡаһины Мәлки-Садиҡ, батшаларҙы ҡыйратып ҡайтып килгән Ибраһимды осратып, уға фатихаһын бирә. Ибраһим иһә һуғыштан алып ҡайтҡан табышының ундан бер өлөшөн уға бирә. Беренсенән, Мәлки-Садиҡ тигән исем «хаҡлыҡ батшаһы» тигәнде аңлата, икенсенән, ул Сәлимдең батшаһы ла, йәғни «именлек батшаһы». Мәлки-Садиҡтың атаһы ла, әсәһе лә, шәжәрәһе лә билдәһеҙ. Уның ғүмеренең башы тураһында ла, аҙағы тураһында ла мәғлүмәт юҡ, ул Алла Улына оҡшаш булып, мәңге ҡаһин булып ҡала. Күрегеҙ, ул ни тиклем бөйөк – уға ырыу башлығы Ибраһим да һуғышта дошмандарынан тартып алған табышының ундан бер өлөшөн бирә. Муса ҡануны буйынса, ҡаһин хеҙмәтен ҡабул иткән Леви тоҡомо ағзалары ла халҡынан, йәғни үҙ кешеләренән, улар ҙа Ибраһим тоҡомонан булған хәлдә лә, табыштарының ундан бер өлөшөн йыйып алырға тейеш була. Ә ҡаһин Мәлки-Садиҡ, Леви тоҡомонан булмаһа ла, Ибраһимдың табышының ундан бер өлөшөн ҡабул итә һәм уға, Алла вәғәҙәһен алған кешегә, фатихаһын бирә. Һис шикһеҙ, бәләкәйерәк кеше генә ҙурыраҡтың фатихаһын ҡабул итә. Беренсе осраҡта табыштың ундан бер өлөшөн үлемле кешеләр ала, ә икенсе осраҡта уны Мәлки-Садиҡ ала, уның тере булыуы тураһында Изге Яҙмала шаһитлыҡ ителгән. Ниндәйҙер мәғәнәлә Леви ҙә, үҙе халыҡтан ундан бер өлөш табыш йыйыусы булһа ла, ундан бер өлөшөн Ибраһим аша Мәлки-Садиҡҡа түләгән, тип әйтергә була. Сөнки Мәлки-Садиҡ Ибраһимды осратҡан ваҡытта, Леви тыумаһа ла, ул үҙенең тәүатаһы Ибраһимдың тәнендә була. Шулай итеп, әгәр камиллыҡҡа өлгәшеү Леви ҡаһинлығы хеҙмәте аша булһа, – сөнки ҡанун халыҡҡа уның нигеҙендә бирелгән, – Һарун кеүек түгел, ә Мәлки-Садиҡ дәрәжәһендәге икенсе мәңгелек Ҡаһиндың килеүенә ихтыяж булыр инеме һуң? Сәбәбе шунда: ҡаһинлыҡ үҙгәрһә, ҡанун да үҙгәрергә тейеш. Ә беҙ һөйләгән Зат – Ғайса икенсе бер ырыуҙан булған, ул ырыуҙан бер кем дә ҡорбан усағында хеҙмәт итмәгән. Билдәле булыуынса, Раббыбыҙ Йәһүҙә ырыуынан сыҡҡан, ә ҡаһиндар хаҡында һөйләгәндә Муса был ырыу тураһында бер ни ҙә әйтмәгән. Бының шулай икәнлеге, Мәлки-Садиҡ кеүек икенсе Ҡаһин килгәс, тағы ла асығыраҡ күренә. Ул кешенең сығышына ҡағылған ҡанун бойороғо буйынса түгел, ә мәңгелек йәшәү көсө буйынса Ҡаһин булды. Изге Яҙмала Уның тураһында: «Һин – Мәлки-Садиҡ дәрәжәһендәге мәңгелек ҡаһинһың», – тиелгән. Элекке бойороҡ, көсһөҙ һәм файҙаһыҙ булыу сәбәпле, ғәмәлдән сығарыла, сөнки ҡанун бер нәмәне лә камиллыҡҡа алып барып еткермәне. Уның урынына беҙгә яҡшыраҡ нәмә – өмөт бирелде. Уның аша беҙ Аллаға яҡынаябыҙ. Иғтибар итегеҙ, бында ҡаһинлыҡ итеү Алланың анты менән раҫланды. Бүтән ҡаһиндар үҙҙәренең ҡаһинлығын бер ниндәй антһыҙ алды. Ләкин был икенсе Ҡаһин Алланың анты арҡылы, йәғни Алла Уға: «Раббы ант итте һәм ҡарарынан ҡайтмаҫ: Һин – мәңгелек Ҡаһин», – тигәндә ҡаһин булды. Был ант Алла менән килешеүҙең – Уның ышаныслыһы Ғайса ине – ни тиклем яҡшыраҡ икәнен күрһәтә. Башҡа ҡаһиндар күп булды, сөнки үлем арҡаһында улар үҙҙәренең хеҙмәтен дауам итә алманы. Ә Ғайса мәңге тере, Уның Ҡаһинлығы ла үҙгәрешһеҙ. Шуға күрә, Ул Үҙе аша Аллаға килеүселәрҙе тулыһынса ҡотҡара ала, сөнки улар тураһында ялбарыу өсөн мәңге йәшәй. Беҙгә тап шундай Баш Ҡаһин кәрәк тә инде: изге, ғәйепһеҙ, саф, гонаһлыларҙан айырылған һәм күктән юғары күтәрелгән. Ул, бүтән баш ҡаһиндар һымаҡ, көн һайын тәүҙә үҙ гонаһтары, аҙаҡ халыҡтың гонаһтары өсөн ҡорбан килтереүгә мохтаж түгел, сөнки Үҙен ҡорбан итеп, бер һәм һуңғы тапҡыр ҡорбан килтерҙе. Муса ҡануны баш ҡаһин итеп кешеләргә хас кәмселектәре булған әҙәмдәрҙе билдәләй. Ә ҡанундан һуң бирелгән ант буйынса Баш Ҡаһин итеп Алла Улы билдәләнде. Ул – мәңгелек камиллыҡҡа өлгәшкән Зат. Һеҙгә һөйләгәндәребеҙҙә иң мөһиме шул: күктәрҙә Мөһабәт Алланың тәхетенең уң яғына ултырған Баш Ҡаһиныбыҙ бар. Ул Изге йортта – кеше ҡулы менән түгел, ә Раббы Үҙе ҡорған ысын ғибәҙәт ҡылыу сатырында хеҙмәт итә. Һәр баш ҡаһин бүләк һәм ҡорбан килтереү өсөн билдәләнә. Шуға күрә беҙҙең Баш Ҡаһиныбыҙҙың да ҡорбан килтереү өсөн нимәһелер булырға тейеш ине. Әгәр ерҙә булһа, Ул ҡаһин булмаҫ ине, сөнки ҡанун буйынса ҡорбан килтереүселәр бында бар инде. Ерҙәге ҡаһиндар хеҙмәт иткән урын күктәге Изге йорттоң ишараты һәм күләгәһе генә. Шуға күрә Мусаға Изге сатыр ҡорор алдынан Алла тарафынан: «Ҡара уны, барыһын да тауҙа тап һиңә күрһәтелгән өлгө буйынса эшлә», – тип иҫкәртелгән. Ғайса аралашсы булған килешеү тәүгеһенә ҡарағанда ни тиклем яҡшыраҡ булған кеүек, Уға тапшырылған хеҙмәт ерҙәге ҡаһиндар хеҙмәтенән шул тиклем юғарыраҡ. Сөнки яңы килешеү яҡшыраҡ вәғәҙәләргә нигеҙләнгән. Әгәр беренсе килешеүҙең етешһеҙлектәре булмаһа, икенсеһен төҙөүгә ихтыяж тыумаҫ ине. Әммә Алла Үҙенең халҡын ғәйепләп, былай тип әйтә: «Бына, шундай көндәр килә, – ти Раббы, – Мин Исраил һәм Йәһүҙә халҡы менән Яңы килешеү төҙөрмөн. Был килешеү Мин уларҙың ата-бабаларын Мысырҙан етәкләп алып сыҡҡанда төҙөгән килешеү кеүек булмаҫ. Улар Минең килешеүемә тоғролоҡ һаҡламаны һәм Мин уларҙан ситләштем, – ти Раббы. – Исраил халҡы менән Мин ул көндәрҙән һуң төҙөйәсәк килешеү былай булыр, – ти Раббы. – Үҙ ҡанундарымды Мин уларҙың зиһендәренә һалырмын, күңелдәренә яҙып ҡуйырмын. Мин – уларҙың Аллаһы, ә улар Минең халҡым булыр. Бер кем дә икенсе берәүҙе йәки туғанын: „Раббыны танып бел!“ – тип өйрәтмәҫ. Олоһонан алып кесеһенә тиклем барыһы ла Мине танып белер. Енәйәттәрен ғәфү итермен, гонаһтарын башҡаса иҫемә төшөрмәм». Был килешеүҙе «яңы» тип атап, Ул беренсе килешеүҙең иҫкереүен күрһәтте, ә иҫкергән һәм мәғәнәһе кәрәге бөтә барған нәмә оҙаҡҡа бармай юҡҡа сыға. Беренсе килешеүҙең ғибәҙәт ҡылыу хаҡындағы күрһәтмәләре һәм ерҙәге Изге йорто бар ине. Изге йорт кеүек итеп сатыр ҡоролдо, уның алғы өлөшөнә шәмдәл, өҫтәл урынлаштырылды, Аллаға бағышланған икмәктәр ҡуйылды. Был урын Мөҡәддәс тип аталды. Икенсе пәрҙә артында Иң мөҡәддәс тип аталған урын бар ине. Унда хуш еҫ төтәҫләгес алтын ҡорбан усағы һәм алтын менән көпләнгән Килешеү һандығы, майҙә һалынған алтын һауыт, Һарундың бөрөләнгән таяғы һәм килешеү бойороҡтары яҙылған таҡтаташтар урынлаштырылғайны. Ә һандыҡ өҫтөндәге «гонаһтарҙан паклау урыны» тип аталған ҡапҡасты ҡанаттарының күләгәһе менән ҡаплап, Алла шөһрәтен сағылдырған кирубтар тора ине. Ул хаҡта хәҙер ентекләп һөйләп тороуҙың кәрәге юҡ. Ошолай итеп урынлаштырылған сатырҙың алғы өлөшөнә ҡаһиндар ғибәҙәт ҡылыу хеҙмәтен үтәү өсөн даими инә. Сатырҙың эске өлөшөнә иһә бары тик баш ҡаһин ғына йылына бер тапҡыр инә. Ул мотлаҡ рәүештә үҙе менән ҡорбан ҡанын алып инә. Был ҡанды үҙенең һәм халыҡтың белмәйенсә ҡылған гонаһтары өсөн килтерә. Шуның менән Изге Рух, сатырҙың алғы өлөшө бар саҡта, Иң мөҡәддәс урынға юлдың әлегә асыҡ булмауын күрһәтә. Бының бөгөнгө көн өсөн дә мәғәнәһе бар: бүләктәр һәм ҡорбандар килтереү менән ғибәҙәт ҡылыусының выжданы сафлана алмай. Уларҙа ашау-эсеү, төрлө йыуыныу йолалары ғына күҙҙә тотола, былар – тышҡы яҡты ғына иҫәпкә алған ҡағиҙәләр һәм яңы тәртип урынлаштырғансы ғына үҙ көсөнә эйә була. Әммә Мәсих барлыҡ яҡшы нәмәләрҙең Баш Ҡаһины булып килде. Кеше ҡулы менән һалынмаған, фани донъяныҡы булмаған, бөйөгөрәк һәм камилыраҡ сатыр аша үтте. Ул Иң мөҡәддәс урынға кәзә йәки быҙау ҡаны менән түгел, ә бер һәм һуңғы тапҡыр Үҙ ҡаны менән инде һәм кешеләр өсөн мәңгелек ҡотолоу алды. Әгәр ҙә кәзә, үгеҙ ҡаны йәки ҡорбан итеп яндырылған йәш быҙау көлө бысранғандар өҫтөнә һирпелеп, йола буйынса тәнде тышҡы яҡтан таҙарта икән, Мәсих ҡанының көсө ни тиклем ҙур! Ул бит мәңгелек Рух аша Үҙен Үҙе кәмселекһеҙ ҡорбан рәүешендә Аллаға тапшырҙы. Беҙ тере Аллаға хеҙмәт итә алһын өсөн, Уның ҡаны беҙҙең выжданыбыҙҙы үлемгә илткән эштәрҙән арындырыр. Шуға күрә Мәсих, кешеләрҙе тәүге килешеү ваҡытында ҡылған гонаһтарынан Үҙ үлеме менән ҡотҡарып, Алла тарафынан саҡырылғандар Ул вәғәҙә иткән яҡшылыҡтарға мәңге эйә булһын өсөн, яңы килешеүҙең аралашсыһы булды. Васыят та ниндәйҙер кимәлдә килешеү булып тора. Ул уны яҙған кешенең үлеме иҫбатланғас ҡына үҙ көсөнә инә. Васыят, ысынлап та, үлем һуңынан ғына ғәмәлгә инә: уны яҙған кеше тере саҡта бер ниндәй ҙә көсө булмай. Шуның өсөн тәүге килешеү ҙә ҡандан башҡа ғәмәлгә аша алманы. Муса, ҡанун күрһәтмәләренең бөтөнөһөн дә халыҡ алдында уҡып сыҡҡас, ут-ҡыҙыл йөн һәм майағас алып, шулар менән бөтә халыҡҡа ла, ҡанун яҙылған төргәккә лә һыу һәм быҙау, кәзә ҡаны һирпеп сыҡҡан. Ул: «Был – Алла һеҙгә үтәргә тип бойорған килешеүҙе раҫлаусы ҡан», – тигән. Шулай уҡ ул Изге сатырға һәм унда булған, ғибәҙәт ҡылғанда ҡулланыла торған барлыҡ әйберҙәргә ҡан һирпкән. Ҡанун бөтә нәмәнең дә тиерлек ҡан менән сафландырылыуын талап итә һәм ҡан түгелмәйенсә ярлыҡау булмай. Күктәге өлгө буйынса, ерҙә эшләнгән нәмәләр шулай таҙартылырға тейеш ине, әммә күктәгеләр өсөн быларға ҡарағанда яҡшыраҡ ҡорбандар менән сафландырыу талап ителә. Сөнки Мәсих кеше ҡулы менән күктәге ысын Изге йортҡа оҡшатып ҡына төҙөлгән ерҙәге Изге йортҡа түгел, ә беҙҙең өсөн Алла алдында баҫырға тип, күктең үҙенә инде. Ул, баш ҡаһин йыл һайын Иң мөҡәддәс урынға үҙенеке булмаған ҡанды алып ингән һымаҡ, Үҙен ҡат-ҡат ҡорбан итер өсөн инмәне. Әгәр шулай булһа, донъя яратылғандан бирле Мәсихкә әйләнгән һайын ғазап сигергә тура килер ине. Ләкин Ул, Үҙен ҡорбан итеү аша гонаһты бөтөрөр өсөн, ошо һуңғы дәүерҙә бары бер тапҡыр ғына килде. Һәр кемгә ҡасан да булһа бер үлеп, унан һуң хөкөм алдына баҫырға яҙған кеүек, Мәсих тә, бик күптәрҙең гонаһтарын Үҙ өҫтөнә алыр өсөн, бер тапҡыр ҡорбан ителеп, икенсе тапҡырға кешеләрҙең гонаһтарын бөтөрөү өсөн түгел, ә Уны көткәндәрҙе ҡотҡарыу өсөн киләсәк. Ҡанун – килә торған яҡшы нәмәләрҙең үҙе түгел, ә күләгәһе генә. Шуға күрә, йыл һайын бер төрлө ҡорбандар килтереп, ул Алла алдына килгән кешеләрҙе камил итә алмай. Әгәр ҙә ҡанун быны эшләй алһа, артабан ҡорбан килтерелмәҫ ине, сөнки Аллаға ғибәҙәт ҡылыусылар бер тапҡыр таҙарыныу менән бүтәнсә үҙҙәренең гонаһтары өсөн ғәйеп тоймаҫтар ине. Ләкин был ҡорбандар гонаһтар тураһында йылдың-йылы иҫкә төшөрөп тора. Сөнки үгеҙ йәки кәзә ҡаны менән гонаһтарҙы юҡҡа сығарыу мөмкин түгел. Шуға күрә Мәсих донъяға килгәс былай тине: «Һин ҡорбандар ҙа, бүләктәр ҙә теләмәнең, ләкин Минең өсөн тән әҙерләнең. Тотош яндырыу ҡорбандары ла, гонаһ ҡорбандары ла күңелеңә хуш килмәне. Шул саҡта Мин: „Бына Мин. Минең хаҡта төргәк китапта яҙылғанса, эй Алла, ихтыярыңды үтәргә килдем“, – тинем». Шулай итеп, Ул тәүҙә: «Һин ҡорбандар ҙа, бүләктәр ҙә, тотош яндырыу ҡорбандары ла, гонаһ өсөн ҡорбандар ҙа теләмәнең һәм улар күңелеңә хуш килмәне», – тип әйткән. Ә был ҡанун буйынса талап ителде. Унан һуң Мәсих: «Бына Мин, Һинең ихтыярыңды үтәргә тип килдем», – тигән. Ул, алдағы талаптарҙы үҙ көсөнән сығарып, яңыны индерә. Мәсих арҡылы атҡарылған Алла ихтыяры буйынса беҙ Ғайса Мәсихтең тәне бер тапҡыр һәм мәңгегә ҡорбан ителеүе менән изгеләндерелдек. Һәр ҡаһин, көн һайын үҙ хеҙмәтен үтәп, ҡабат-ҡабат бер төрлө ҡорбандар килтерә, әммә был ҡорбандар бер ваҡытта ла гонаһтарҙы юҡҡа сығара алмай, Мәсих иһә, гонаһтар өсөн мәңгелек көскә эйә булған бер генә ҡорбан килтереп, мәңгегә Алланың уң яғына ултырҙы. Шул ваҡыттан алып Ул дошмандарының Үҙ аяҡтарының аҫтына баҫҡыс итеп һалыныуын көтә. Ул бер ҡорбан менән изге ителеүселәрҙе мәңгегә камил итте. Был хаҡта беҙгә Изге Рух та шаһитлыҡ ҡыла. Башта былай тип әйткән: «Ул көндәрҙән һуң Мин улар менән төҙөйәсәк килешеү ошо, – ти Раббы. – Ҡанундарымды уларҙың күңелдәренә һалырмын, зиһендәренә яҙып ҡуйырмын». Унан Ул былай тип өҫтәй: «Енәйәттәрен ғәфү итермен, гонаһтарын башҡаса иҫемә төшөрмәҫмен». Ә гонаһтар ярлыҡанған икән, ҡорбан килтереү мохтажлығы юҡ инде. Шулай итеп, имандаштар, беҙ Ғайса ҡаны менән ҡыйыу рәүештә Иң мөҡәддәс урынға инә алабыҙ. Ул беҙгә яңы, йәшәү биргән юл асты һәм был юл пәрҙә, йәғни Уның ғазаптар кисергән тәне аша үтә. Беҙҙең Алла йорто башында тороусы бөйөк Ҡаһиныбыҙ бар. Шуға күрә ихлас күңел, иман алып килгән тулы ышаныс менән күңелдәребеҙҙе бысранған выждандан таҙарындырып, тәнебеҙҙе саф һыу менән йыуып, Аллаға яҡынлайыҡ. Беҙгә өмөт биргән иманды тотоуыбыҙҙа ныҡ торайыҡ, сөнки вәғәҙә биргән Зат – тоғро. Бер-беребеҙгә иғтибарлы булайыҡ, бер-беребеҙҙе мөхәббәт менән изге эштәргә дәртләндерәйек. Ҡайһы берәүҙәр кеүек, ғибәҙәт ҡылыу өсөн бергә йыйылыуҙан баш тартмайыҡ, киреһенсә, бер-беребеҙҙе тағы ла нығыраҡ ҡеүәтләп торайыҡ, сөнки Раббы көнөнөң яҡынлашыуын күрәбеҙ бит. Әгәр беҙ хәҡиҡәтте танып белгәндән һуң да гонаһ ҡылыуыбыҙҙы аңлы рәүештә дауам итһәк, гонаһтарыбыҙ өсөн башҡаса ҡорбан ҡалмай. Ә хөкөмдө һәм Алланың дошмандарын ялмап юҡ итәсәк ҡоторонҡо утты ҡурҡып көтөргә генә ҡала. Муса ҡанунынан баш тартҡан һәр кеше, ике йәки өс шаһит күрһәтеүе буйынса, аяуһыҙ рәүештә үлемгә дусар ителә. Ә Алла Улын аяҡ аҫтына һалып тапаған һәм ҡасандыр үҙе изгеләнгән килешеү ҡанын мыҫҡыл итеп мәрхәмәт Рухын кәмһеткән кеше, һеҙҙеңсә, ни ҡәҙәр ҡаты язаға лайыҡ? «Ҡон ҡайтарыу – Минән, әжерен Үҙем бирермен» һәм тағы «Раббы Үҙ халҡын хөкөм итәсәк» тип Әйтеүсене беҙ беләбеҙ. Тере Алла ҡулына эләгеү ҡот осҡос! Алла яҡтылығы һеҙҙе яңы ғына яҡтыртҡандан һуң булып үткән көндәрегеҙҙе, ул саҡтағы ғазаптарға түҙгән мәлдәрегеҙҙе иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. Һеҙҙе ҡайһы саҡта халыҡ алдында мәсхәрәләнеләр, эҙәрлекләнеләр, ҡайһы саҡта һеҙ шул хәлдәрҙе кисергән кешеләр менән иңгә-иң терәшеп торҙоғоҙ. Һеҙ тотҡондағы әҙәмдәрҙең хәленә индегеҙ, милкегеҙҙән мәхрүм итеүҙе ҡыуаныс менән ҡабул иттегеҙ, сөнки күктә һәйбәтерәк, мәңгелек байлығығыҙ барлығын белә инегеҙ. Шуға ла ҡыйыулыҡты ситкә алып ташламағыҙ, һеҙ йомарт бүләкләнәсәкһегеҙ. Алла ихтыярын үтәп, шунан һуң вәғәҙә ителгәнде алыр өсөн һеҙгә сыҙамлыҡ кәрәк. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Әҙ генә, бик әҙ генә ҡалды, һәм килергә тейешле Зат килер, Ул оҙаҡ көттөрмәҫ. Минең тәҡүә кешем үҙенең иманы арҡаһында йәшәр. Әгәр сигенә ҡалһа, уны күңелем ҡабул итмәйәсәк». Беҙ имандан сигенеп һәләк булыусыларҙан түгел, беҙ – иманыбыҙға тоғро ҡалған һәм йәнен һаҡлап алып ҡалған кешеләрбеҙ. Иман – ул өмөтләнеп көткәндәрҙең тормошҡа ашырына ышаныс һәм күренмәгән нәмәләрҙең барлығын раҫлау. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙға шундай имандары өсөн Алла тарафынан хуплау бирелгән. Ғаләмдең Алла һүҙе менән яратылғанын һәм күренгән нәмәләрҙең күренмәгәндәренән бар булыуын беҙ иман аша аңлайбыҙ. Һабил иман аша Аллаға Ҡабилға ҡарағанда яҡшыраҡ ҡорбан килтергән. Иман менән килтерелгәнлектән, уның бүләге Алла тарафынан хуплап ҡабул ителә һәм шуның менән ул тәҡүә булып раҫлана. Һабил, үҙе иҫән булмаһа ла, иманы аша әле лә һөйләй. Ханох иман аша был донъянан үлем кисермәйенсә алынған. «Уны бер ерҙән дә таба алмайҙар, сөнки уны Алла Үҙе янына ала». Алланың, янына алғанға тиклем үк, уның менән ҡәнәғәт булғаны шаһитлыҡ ителгән. Иманлы булмай тороп, Алла ризалығын алып булмай, сөнки Уға килеүсе һәр кем Алланың барлығына һәм Уны эҙләгән кешеләргә Унан әжер аласағына ышанырға тейеш. Нух иман аша, әле күрергә мөмкин булмаған нәмәләр тураһында Алланан иҫкәртеү алып, Уға буйһоноп, үҙ йортондағыларҙы ҡотҡарыу өсөн кәмә төҙөгән. Иманы аша ул бөтә донъяны хөкөм иткән һәм иман арҡылы килә торған хаҡлыҡты алған. Ибраһим да иман аша Алла тарафынан саҡырылыуға буйһоноп, ҡайҙа барғанлығын белмәһә лә, киләсәктә милек итеп алырға тейеш булған ергә бара. Иман менән ул үҙенә вәғәҙә ителгән ергә килеп урынлашып, килмешәк булып сатырҙа йәшәй. Уның кеүек, Исхаҡ менән Яҡуп та сатырҙа йәшәй. Улар ҙа уның менән бергә Алла вәғәҙә иткәнде алырға тейеш була. Ибраһим, рәссамы ла, төҙөүсеһе лә Алла булған ныҡ нигеҙле ҡаланы көтөп алған. Ауырға ҡала алмаған Сара ла иманы аша бала табырлыҡ көскә эйә була һәм, өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бала таба, сөнки Алла тарафынан бирелгән вәғәҙәнең тоғролоғона ышана. Шуның өсөн дә бер генә кеше, ҡарыуы ҡайтҡан булһа ла, күктәге йондоҙҙар һәм диңгеҙ ярындағы ҡом бөртөгөндәй иҫәпһеҙ-һанһыҙ тоҡом биргән. Бөтә был кешеләр имандарын һаҡлап үлгән. Улар үҙҙәренә вәғәҙә ителгәнде алмайынса, йыраҡтан ғына күргән һәм сәләмләгән. Был донъяла үҙҙәренең ваҡытлыса йәшәгән сит кешеләр һәм килмешәктәр генә икәнлектәрен танығандар. Былай тип әйтеүселәр үҙҙәренең ысын йәнтөйәген эҙләүҙәрен күрһәтәләр. Әгәр улар ҡалдырып киткән төйәктәре тураһында уйлаған булһа, кире ҡайтыу мөмкинлеген дә табырҙар ине. Әммә улар яҡшыраҡҡа – күктәге төйәгенә ынтыла. Шуға ла Алла уларҙың Аллаһы тип аталыуҙан оялмай – улар өсөн ҡала әҙерләне. Ибраһим, Алла хатта үленән терелтергә һәләтле, тип һананы һәм Исхаҡты үлгәндән һуң кире ҡайтарып алды, тиһәң дә була. Иман арҡаһында Исхаҡ Яҡуп менән Ғаязды киләсәктәре тураһында һөйләп, фатихаланы. Яҡуп үлер алдынан Йософтоң улдарының һәр береһенә иман аша фатиха бирҙе һәм таяғына таянған килеш Аллаға табынып баш эйҙе. Иман аша Йософ ғүмеренең һуңғы көндәрендә Исраил халҡының Мысырҙан сығасағы тураһында һөйләне һәм үҙ һөйәктәрен нимә эшләтергә икәнлеген әйтте. Иман аша Муса ла ата-әсәһе тарафынан өс ай буйы йәшереп тотола, сөнки ата-әсәһе уның бик матур бала булыуын күрә, уларҙы батша фарманы ла ҡурҡытмай. Муса, ир ҡорона ингәс, иман аша фирғәүен ҡыҙының улы тип йөрөтөлөүҙән баш тарта. Гонаһтан ҡыҫҡа ваҡытлы ләззәт алыуға ҡарағанда Алла халҡы менән бергә ғазап кисереүҙе өҫтөнөрәк ҡуя. Ул үҙен көткән әжерҙе күрә, шуға ла Мәсих хаҡына хурлыҡ аша үтеүҙе Мысыр хазинаһынан ҡиммәтерәк байлыҡ тип иҫәпләй. Иман арҡаһында Муса Мысырҙан китте. Ул батшаның асыуынан ҡурҡманы. Күҙгә күренмәҫ Алланы күргән кеше һымаҡ, ул сыҙам булды. Иман аша ул, баш балаларҙы һәләк итергә тейеш булған фәрештә Исраил халҡының балаларына теймәһен өсөн, ишектәргә ҡан һибеү һәм ҡотҡарылыу байрамын билдәләне. Иман аша Исраил халҡы Ҡыҙыл диңгеҙҙе ҡоро ерҙән барғандай кисеп сыға, ә Мысыр кешеләре, шулай уҡ эшләп ҡарап, бөтәһе лә батып үлә. Исраил кешеләре иман менән ете көн рәттән Йерихо ҡалаһын урағандан һуң, уның диуарҙары ишелеп төшә. Боҙоҡ ҡатын Рахав та, Исраил шымсыларын иман аша дуҫтарса ҡабул иткәнгә күрә, тыңлауһыҙҙар менән һәләк булмай. Ошоларға өҫтәп тағы нимәләр һөйләргә? Гидғон, Бараҡ, Шимшон, Ифтах, Дауыт, Шемуил һәм пәйғәмбәрҙәр тураһында һөйләргә ваҡытым етмәҫ. Улар иман аша батшалыҡтарҙы буйһондора, ғәҙеллек урынлаштыра, вәғәҙә ителгәндәргә өлгәшә. Арыҫландарҙың ауыҙҙарын яба, ҡоторонҡо утты һүндерә, ҡылыстарҙан ҡотола. Уларҙың көсһөҙлөгө көскә әйләнә, һуғышта улар ҡеүәтле була һәм сит ил ғәскәрҙәрен ҡасырға мәжбүр итә. Ҡайһы бер ҡатындарға уларҙың үлгән яҡындары терелтелеп ҡайтарылған. Башҡалары иһә, үлемгә еткергәнсе ыҙалатһалар ҙа, яҡшыраҡ тормошта терелер өсөн иректән баш тарта. Ҡайһы берҙәре мыҫҡыл ителә, ҡамсы менән һуғыла, ҡайһы берҙәре хатта бығауланып, төрмәләргә ябыла. Уларҙы таш менән бәреп үлтерәләр, кәүҙәләрен урталай бысалар, ҡылыстан үткәрәләр. Улар һарыҡ йә кәзә тиреһе ябынып йөрөй, баштары мохтажлыҡтан сыҡмай, уларҙы эҙәрлекләйҙәр, туҡмайҙар. Донъя ундай кешеләргә лайыҡ түгел ине, улар сүллектәрҙә, тауҙарҙа, мәмерйәләрҙә һәм упҡындарҙа ҡаңғырып йөрөй. Улар бөтәһе лә имандары өсөн Алланан хуплау ала, тик береһе лә фани донъяла саҡта вәғәҙә ителгәнде алмай. Был кешеләр бары тик беҙҙең менән генә камиллыҡҡа өлгәшһен өсөн, Алла беҙҙең өсөн яҡшыраҡ бер нәмә әҙерләгән. Беҙҙең тирә-яғыбыҙҙа шаһиттар шул тиклем күп, шуға күрә юлыбыҙҙа торған бөтә ҡаршылыҡтарҙы, беҙҙе сырмап алған гонаһтарҙы алып ташлайыҡ һәм алда торған ярыш юлын сыҙамлыҡ менән йүгереп үтәйек. Иманда беренсе булып барған һәм уны камиллыҡҡа еткергән Ғайсанан күҙ яҙлыҡтырмайыҡ. Ул, хурлығына иғтибар итмәйенсә, киләсәктә юлында көткән шатлыҡ хаҡына арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды һәм Алла тәхетенең уң яғына ултырҙы. Гонаһлылар тарафынан ошондай дошманлыҡ хисе кисергән Ғайса тураһында уйлап ҡарағыҙ. Был күңелегеҙҙе төшөрмәҫкә һәм көсөгөҙҙө юғалтмаҫҡа ярҙам итер. Гонаһҡа ҡаршы көрәшкәндә һеҙгә үҙегеҙҙең ҡанығыҙҙы түгергә тура килмәне әле. Атай кеше Үҙ улдарына өндәшкән һымаҡ, Алланың һеҙгә: «Улым, Раббының һабағына битараф булма, Ул ғәйебеңде күрһәткәндә күңелеңде төшөрмә. Раббы яратҡан бәндәһен тәрбиәләй, ҡабул иткән балаһына яза бирә», – тигән ҡеүәтләү һүҙҙәрен онотҡанһығыҙ. Һынауҙарығыҙҙы тәрбиәләнеү кеүек үткәрегеҙ – бынан Алланың һеҙгә үҙ улдарына ҡараған кеүек ҡарауы күренә. Атаһы тәрбиә бирмәгән бала бармы ни? Әгәр ҙә һеҙ һәр кем үтергә тейешле тәрбиәне алмайһығыҙ икән, тимәк, һеҙ – Алланың ысын улдары түгел, ә үгәй балалары. Унан тыш, бөтәбеҙҙең дә ерҙә беҙҙе тәрбиәләгән атайҙарыбыҙ бар ине, улар беҙҙе тәртипкә өйрәтте, һәм беҙ уларҙы ихтирам иттек. Күктәге рухи Атабыҙға иһә тағы ла нығыраҡ буйһонорға тейеш түгелбеҙме ни? Был буйһоноу беҙгә йәшәү бирә бит. Атайҙарыбыҙ беҙҙе күпмелер ваҡыт үҙҙәре белгәнсә тәрбиәләне, ә Алла – үҙ файҙабыҙ хаҡына, беҙ Уның изгелегендә ҡатнаша алһын өсөн тәрбиәләй. Һәр тәрбиә үҙ ваҡытында шатлыҡ булып тойолмай, ә хәсрәт килтереүсе булып күренә, әммә аҙағыраҡ был тәрбиә аша үткәндәргә ул уңыш килтерә: именлек һәм хаҡ тормош бирә. Шуға күрә хәлһеҙләнгән ҡулдарығыҙҙы һәм көсһөҙләнгән тубыҡтарығыҙҙы нығытығыҙ һәм аҡһаған аяҡтарығыҙ тағы ла нығыраҡ имгәнмәһен, киреһенсә, төҙәлһен өсөн тура юлдан йөрөгөҙ. Бөтәһе менән дә тыныс йәшәгеҙ һәм изгелеккә ынтылығыҙ: изгелеккә ынтылмайынса бер кем дә Раббыны күрмәҫ. Берегеҙ ҙә Алла мәрхәмәтенән мәхрүм ҡалмаһын өсөн тырышлығығыҙҙы һалығыҙ. Берәй әсе тамырлы үлән үҫеп сығып, зыян килтереүенән һәм күптәрҙе зарарлауынан һаҡ булығыҙ. Ҡарағыҙ уны, бер ултырып ашарлыҡ аш өсөн үҙенең баш бала булыу хоҡуғын һатҡан Ғаяз кеүек, арағыҙҙа бер кем дә аҙғын йә иманһыҙ булмаһын. Һеҙ беләһегеҙ, һуңынан ул фатиха алырға теләгән, ләкин кире ҡағылған. Был хаҡта күҙ йәштәре аша һораһа ла, булған хәлде бер нисек тә үҙгәрттерә алмаған. Һеҙ ҡағылып ҡарарға мөмкин булған дөрләп янған тауға ла, эңергә һәм дөм ҡараңғыға ла, дауылға ла, борғо тауышына ла, һүҙҙәрҙе әйтеүсе тауышҡа ла килмәнегеҙ. Ә тауыш шундай һүҙҙәр әйтә, уларҙы ишеткән кешеләр бүтәнсә һөйләмәүҙәрен ялбара. Был тыңлаусылар: «Был тауға хатта хайуан ҡағылһа ла, ул таш менән бәреп үлтерелер», – тигән бойороҡ һүҙҙәренә түҙә алмаған. Был күренмеш шул тиклем ҡурҡыныс булған, хатта Муса ла: «Мин ҡурҡам һәм тетрәнәм», – тигән. Әммә һеҙ Сион тауына, тере Алла ҡалаһына – күктәге Йәрүсәлимгә һәм иҫәпһеҙ-һанһыҙ фәрештәләргә килдегеҙ. Һеҙ Алла кешеләренең – исемдәре күктә яҙылып ҡуйылған беренсе тыуған балаларҙың шатлыҡлы тантаналы йыйылышына, бөтәһенең Хөкөмдары булған Аллаға, камиллаштырылған тәҡүә кешеләрҙең рухтарына, яңы Килешеү Аралашсыһы Ғайса янына, Һабил ҡанына ҡарағанда һәйбәтерәк нәмәләр һөйләүсе Ғайсаның һирпелгән ҡаны янына килдегеҙ. Тик һаҡ булығыҙ, үҙегеҙгә Һөйләүсенән ваз кисмәгеҙ. Ул ерҙә һөйләгән сағында кешеләр Уны тыңламаған өсөн язаһыҙ ҡалмаған икән, күктән тороп Киҫәтеүсенән баш тартһаҡ, беҙ инде ҡатыраҡ язаға дусар буласаҡбыҙ. Ул саҡта Алланың тауышы ер һелкетте һәм Ул хәҙер: «Мин тағы бер тапҡыр ерҙе генә түгел, күкте лә тетрәтәсәкмен», – тип вәғәҙә бирә. «Тағы бер тапҡыр» тигән һүҙҙәр быны аңлата: ҡаҡшамаҫ нәмәләр генә ҡалһын өсөн, ҡаҡшай торған, йәғни бар ителгән һәр нәмә урынынан күсерелер. Беҙгә ҡаҡшамаҫ батшалыҡ бирелә, шуға күрә рәхмәтле булайыҡ, ихтирам һәм ҡурҡыу менән Алла хуш күрерлек итеп башыбыҙҙы эйәйек һәм Уға хеҙмәт итәйек, сөнки беҙҙең Аллабыҙ – ялмап йотоусы ут. Бер-берегеҙҙе туғандарса яратыуығыҙҙы дауам итегеҙ. Ҡунаҡсыл булырға онотмағыҙ, сөнки шулай итеп, ҡайһы берәүҙәр үҙҙәре лә белмәйенсә фәрештәләргә ҡунаҡсыллыҡ күрһәткән. Төрмәлә ултырған кешеләрҙе иҫегеҙҙә тотоғоҙ, үҙегеҙҙе лә улар менән бергә тотҡонлоҡта кеүек тойоғоҙ. Аяуһыҙ мөғәмәләгә түҙгән кешеләрҙе иҫегеҙҙә тотоғоҙ, сөнки һеҙҙең тәнегеҙ ҙә ауыртыуҙы тоя. Барыһы ла никахты юғары баһалаһын һәм никах түшәктәре саф булһын. Аҙғындар менән хыянатсыларҙы Алла хөкөм итәсәк бит. Байлыҡҡа нәфселе булмағыҙ, бары менән ҡәнәғәт йәшәгеҙ. Сөнки Алла: «Мин бер ҡасан да һине яңғыҙ ҡалдырмам һәм ташламам», – тип әйткән. Шулай булғас, беҙ ҡыйыу рәүештә: «Раббым – минең Ярҙамсым, шуға ла ҡурҡмайым. Әҙәм миңә нимә ҡыла ала?» – тип әйтә алабыҙ. Һеҙгә Алла һүҙен еткергән етәкселәрегеҙҙе иҫегеҙҙә тотоғоҙ һәм ғүмерҙәренең һөҙөмтәһен уйлап, имандарынан өлгө алып, уларға эйәрегеҙ. Ғайса Мәсих үҙгәрешһеҙ – кисә лә, бөгөн дә, мәңгелектә лә Ул бер үк. Төрлө ят тәғлимәттәргә үҙегеҙҙе ситкә тайпылдырырға юл ҡуймағыҙ. Йөрәгегеҙҙе Алланың мәрхәмәте менән нығытыу яҡшы, ә ризыҡ ашау тураһындағы ҡағиҙәләр менән түгел. Был ҡағиҙәләр уларҙы үтәүселәргә файҙа килтермәгән бит. Беҙҙең ҡорбан усағыбыҙ бар, Изге сатырҙағы хеҙмәтселәрҙең ундағы ҡорбанды ашарға хоҡуғы юҡ. Гонаһтар өсөн килтерелгән ҡорбан малының ҡанын баш ҡаһин Иң мөҡәддәс урынға алып инә, ә түшкәләре уларҙың тупламынан ситтә яндырыла. Шуның кеүек үк Ғайса ла, халыҡты Үҙ ҡаны менән изгеләндерер өсөн, ҡала ҡапҡаһының тышында ғазап кисергән. Шуға күрә беҙ ҙә, Ул башынан үткәргән хурлыҡты күтәреп, тупламдан ситкә, Уның янына сығайыҡ. Сөнки бында, ерҙә, беҙҙең даими йәшәй торған ҡалабыҙ юҡ, беҙ киләсәктәге ҡаланы көтәбеҙ. Шуға күрә Ғайса аша Аллаға даими рәүештә данлау ҡорбаны килтерәйек, йәғни Уның исемен телебеҙ менән маҡтайыҡ. Кешеләргә изгелек эшләүҙе һәм башҡалар менән уртаҡлашыуҙы онотмағыҙ – нәҡ шундай ҡорбандар Алла тарафынан хуплана. Етәкселәрегеҙҙе тыңлағыҙ һәм уларға буйһоноғоҙ – улар Алла алдында яуап тота торған кешеләр булғанлыҡтан, һеҙҙең йәндәрегеҙ тураһында арымай-талмай хәстәрлек күрә. Шулай булғас, был эште уларға ауырһынып түгел, ә шатланып башҡарырға юл ҡуйығыҙ. Ауырһынып башҡарған эштең һеҙҙең өсөн һис ниндәй файҙаһы булмаҫ. Беҙҙең өсөн доға ҡылығыҙ. Беҙ намыҫыбыҙҙың саф булыуына ышанабыҙ, сөнки һәр нәмәлә дөрөҫ эш итергә тырышабыҙ. Мин һеҙҙән янығыҙға тиҙерәк ҡайтыуымды теләп доға ҡылыуығыҙҙы айырыуса үтенәм. Именлек Аллаһы мәңгелек килешеүҙе раҫлаусы ҡан арҡаһында Раббыбыҙ Ғайсаны, һарыҡтарҙың бөйөк Көтөүсеһен, үленән терелтте. Үҙенең ихтыярын үтәр өсөн Алла һеҙҙе һәр яҡшы нәмә менән тәьмин итһен һәм Ғайса Мәсих аша беҙҙә Үҙенә ҡулай нәмәләрҙе эшләһен. Уға мәңгенән-мәңгегә дан. Амин. Имандаштарым, был хатымда яҙған өгөт-нәсихәттәремә сабырлыҡ менән ҡарауығыҙҙы үтенеп һорайым, мин һеҙгә бик күп тә яҙманым бит. Имандашыбыҙ Тимоҫеустың азат ителгәнен хәбәр итергә теләйем, ул тиҙҙән яныма килһә, һеҙҙе бергәләп күрербеҙ. Бөтә етәкселәрегеҙгә һәм Алланың барлыҡ изге халҡына сәләм. Италиялағы имандаштарыбыҙ һеҙҙе сәләмләй. Һәммәгеҙгә лә мәрхәмәт булһын. Донъя буйлап таралған ун ике ырыуға Алланың һәм Раббы Ғайса Мәсихтең ҡоло Яҡуптан сәләм! Имандаштарым, төрлө һынауҙарға юлыҡҡанда, уларҙы ҙур шатлыҡ кеүек итеп ҡабул ҡылығыҙ. Иманығыҙҙың һыналыуы сыҙамлылыҡ тыуҙырыуын беләһегеҙ бит. Ә сыҙамлыҡ, һеҙ өлгөрөп еткән һәм камил, бер ниндәй кәмселекһеҙ булһын өсөн, үҙ эшен ахырына еткерһен. Әгәр ҙә ҡайһығыҙғалыр аҡыл зирәклеге етешмәһә, уны барыһына ла шелтәһеҙ, йомарт өләшкән Алланан һораһын, һәм уға бирелер. Әммә һораған кеше ышанырға, тамсы ла шикләнмәҫкә тейеш, сөнки шик йөрөтөүсе ел әле бер, әле икенсе яҡҡа ҡыуып йөрөткән диңгеҙ тулҡынына оҡшаған. Ундай әҙәм Раббынан ни ҙә булһа алырға иҫәп тотмаһын. Бындай әҙәм, нимә генә эшләһә лә, икеләнә, эштәрендә тотороҡһоҙ. Түбән ҡатламдан булған имандаш үҙенең юғары күтәрелеүе менән ғорурланһын, ә бай – түбән төшөрөлөүе менән, сөнки ул ялан сәскәһе кеүек юҡҡа сығасаҡ. Ҡояш сығып, эҫеһе менән үҫемлекте киптерә, уның сәскәһе ҡойола һәм бар матурлығы юғала. Байҙар ҙа шулай эш ығы-зығыһында һүнеп ҡала. Һынауҙарға аҙағынаса түҙгән кеше бәхетле, сөнки ул, һыналғандан һуң, Алла Үҙен яратҡандарға вәғәҙә иткән тормош тажын аласаҡ. Ҡотҡоға тарыған бер кем дә: «Был ҡотҡоно миңә Алла ебәргән», – тимәһен, сөнки Алланы бер ниндәй яуызлыҡ ҡотҡоға төшөрә алмай, Алла Үҙе лә бер кемде лә ҡотҡоға һалмай. Һәр кемде, ымһындырып һәм әүрәтеп, үҙенең нәфселе теләге ҡоторта. Шунан инде теләк, яралып, гонаһты тыуҙыра, ә гонаһ, нығынғас, үлемгә килтерә. Үҙегеҙҙе алдамағыҙ, ҡәҙерле имандаштарым. Һәр игелекле һәм камил бүләк юғарынан, күк яҡтылыҡтары Атаһынан килә. Уның янында үҙгәреш юҡ һәм яҡтыһы күләгәгә әйләнмәй. Ул беҙҙе, Үҙе бар иткәндәр араһында тәүге яңы емештәр булһын тип, Үҙ ихтыяры менән хәҡиҡәт һүҙе аша тыуҙырҙы. Ҡәҙерле имандаштарым, шуны белегеҙ: һәр берегеҙ тыңлауға өлгөр, һөйләүгә яй һәм асыуланыуға аҡрын булһын, сөнки кеше асыулы сағында Аллаға хуш килмәҫтәйҙе эшләй. Шуға күрә һәр төрлө әшәкелектән һәм яуызлыҡ ҡалдығынан ваз кисеп, йөрәктәрегеҙгә сәселгән Алла һүҙен баҫалҡылыҡ менән ҡабул итегеҙ; ул һүҙ һеҙҙең йәндәрегеҙҙе ҡотҡарыр көскә эйә. Һүҙҙе тыңлап ҡына ҡалмағыҙ, уны үтәгеҙ ҙә, шунһыҙ үҙ-үҙегеҙҙе алдайһығыҙ ғына. Алла һүҙен ишетеп тә, уны үтәмәгән үҙенең йөҙөн көҙгөнән күргән кешегә оҡшаш: үҙенә ҡарап тора ла, ситкәрәк китеү менән, ниндәй икәнен дә онота. Ә кем, азатлыҡ килтерә торған камил ҡанунға төшөнөп, уға тоғро ҡала, ишеткәнен онотмайынса башҡара, ул кеше үҙенең эштәрендә бәхетле буласаҡ. Кемдер үҙен диндар тип һанап та, телен йүгәнләй алмай икән, ул үҙ-үҙен алдай, һәм уның диндарлығынан фәтүә юҡ. Атабыҙ Алла ҡаршыһында саф, тапланмаған диндарлыҡ – бәләгә тарыған етемдәр менән тол ҡатындар хаҡында хәстәрлек күреү һәм үҙеңде был донъяның боҙоҡлоғонан һаҡлау ул. Имандаштарым, шөһрәтле Раббыбыҙ Ғайса Мәсихкә инаныусылар булараҡ, берәүҙәр алдында икенселәрҙе өҫтөн ҡуймағыҙ. Әйтәйек, һеҙҙең йыйылышҡа ҡупшы кейенгән, алтын балдаҡ таҡҡан кеше һәм шулай уҡ туҙған кейемле фәҡир килеп инде, ти. Әгәр бай кейемлегә иғтибар күрһәтеп: «Рәхим итеп, бына бында, яҡшы урынға ултыр», – тиһәгеҙ, ә фәҡиргә: «Ана тегендә баҫып тор» йәки «Иҙәнгә, аяғым осона ултыр», – тип әйтһәгеҙ, һеҙ имандаштар араһында кеше айырған яман уйлы хөкөмдарға әүереләһегеҙ түгелме? Тыңлағыҙ әле, ҡәҙерле имандаштарым: Алла, Үҙен яратҡандарға вәғәҙә иткәнсә, улар имандары менән бай булһындар һәм батшалыҡҡа эйә булһындар өсөн, донъя күҙендә ярлы булып күренгәндәрҙе һайлап алманымы ни? Һеҙ иһә фәҡирҙе кәмһеттегеҙ. Һеҙҙе йәберләгән һәм хөкөмдән хөкөмгә йөрөткән кешеләр байҙар түгелме ни? Һеҙ йөрөткән Мәсихтең яҡшы исемен шулар хурламаймы ни? Изге Яҙмала әйтелгән: «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат», – тигән Батшалыҡ ҡанунын үтәйһегеҙ икән, дөрөҫ эшләйһегеҙ. Әгәр ҙә инде берәүҙәр алдында икенселәрҙе өҫтөн ҡуйһағыҙ, гонаһ ҡылаһығыҙ һәм ҡанун алдында енәйәтсе булаһығыҙ. Кем ҡанунды тулыһынса үтәп тә, уның бер генә талабын боҙһа, ул бөтә ҡанунды боҙоуҙа ғәйепле. «Зина ҡылма», – тигән Алла: «Үлтермә», – тип тә әйткән. Әгәр ҙә зина ҡылмаһаң, ләкин үлтерһәң, һин ҡанунды боҙоуҙа ғәйеплеһең. Азатлыҡ ҡануны буйынса хөкөм ителә торған кеше булараҡ һөйләгеҙ һәм ғәмәл ҡылығыҙ. Шәфҡәт күрһәтмәүсегә ҡарата хөкөм рәхимһеҙ булыр. Шәфҡәтлелек иһә хөкөмдән өҫтөн булыр! Кемдер: «Мин иманлы», – тип әйтә, ләкин ғәмәлдә күрһәтмәй икән, бынан ни файҙа, имандаштарым? Был иман уны ҡотҡара алырмы? Әгәр, имандаш ир-ат йәки ҡатын-ҡыҙ кейемдән һәм көндәлек ризыҡтан мәхрүм булып, арағыҙҙан кемдер: «Иҫән-һау йөрөгөҙ. Йылынығыҙ һәм туйғансы ашағыҙ!» – тип әйтһә, әммә уларға тереклек өсөн кәрәкле нәмәләрҙе бирмәһә, бынан ни файҙа? Иман менән дә шулай. Ғәмәле булмаһа, ул үҙенән-үҙе үле. Ләкин кемдер: «Һинең иманың бар һәм минең ғәмәлдәрем бар», – тиер. Һин миңә үҙеңдең иманыңды ғәмәлдәрҙән башҡа күрһәт һәм мин һиңә үҙ иманымды ҡылған ғәмәлдәрем аша күрһәтермен. Һин Алланың бер булыуына ышанаһыңмы? Яҡшы! Ендәр ҙә быға ышана һәм ҡурҡыштарынан ҡалтырашып тора. Эй буш бәндә! Ә һин ғәмәлһеҙ имандың файҙаһыҙ икәнен күрһәтеүҙәрен теләйһеңме? Атабыҙ Ибраһим, улы Исхаҡты ҡорбан усағына һалғас, ҡылған ғәмәлдәре арҡаһында аҡланмағанмы ни? Күреүеңсә, уның иманы ғәмәлдәренә булышлыҡ иткән һәм иманы нәҡ шул ғәмәлдәре аша камиллашҡан. Изге Яҙмалағы: «Ибраһим Аллаға ышанды һәм Алла быны тәҡүәлек тип ҡабул итте», – тигән һүҙҙәр раҫланды һәм ул Алланың дуҫы тип аталды. Күрәһегеҙме, кеше Алла тарафынан иманына ғына түгел, ә ҡылған ғәмәлдәренә ҡарап та аҡлана. Фәхишә Рахав та, хәбәрселәргә ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеп һәм уларға бүтән юлдан китергә ярҙам итеп, ҡылған ғәмәле арҡаһында Алла тарафынан аҡланмағанмы ни? Шулай уҡ, рухһыҙ тән үле булған кеүек, ғәмәлһеҙ иман да үле. Имандаштарым, бөтәгеҙ ҙә остаз булырға ынтылмағыҙ. Үҙегеҙ беләһегеҙ бит: өйрәтеүсе булараҡ, беҙ башҡаларға ҡарағанда ҡатыраҡ хөкөм ителәсәкбеҙ. Бөтәбеҙ ҙә күп нәмәлә хаталана. Һүҙе менән гонаһ ҡылмаған кеше – камил, ул үҙенең бөтә тәнен йүгәндә тота ала. Аттарҙы буйһондорор өсөн ауыҙлыҡлайбыҙ икән, уларҙың тотош кәүҙәһе менән идара итә алабыҙ. Йәки, әйтәйек, караптар ни тиклем ҙур булмаһын һәм көслө ел тарафынан ҡыуып йөрөтөлмәһендәр, ҡойроҡсо бәләкәй генә ҡойроҡ ишкәге ярҙамында үҙе теләгән яҡҡа бора. Тел дә, кескәй генә ағза булһа ла, ныҡ маҡтана. Ана, бәләкәй генә ут та ҙур урманды яндырып ебәрә. Тел дә – ут. Тәнебеҙҙең ағзалары араһында ул – яманлыҡ донъяһы. Йәһәннәм утынан тоҡанған был ут бөтә тәнебеҙҙе бысрата һәм бөтә тормошобоҙҙо ялҡынға сорнай. Һәр төрлө януарҙарҙы ла, ҡоштарҙы ла, һөйрәлеүселәрҙе лә, диңгеҙ хайуандарын да буйһондороп була, һәм кеше уларҙы буйһондорҙо ла инде. Ә телде бер кем дә буйһондора алмай: ул – үлемесле ағыу менән тулы тыйылғыһыҙ яуызлыҡ. Телебеҙ менән беҙ Атабыҙ Раббыны данлайбыҙ, шул уҡ тел менән Аллаға оҡшаш итеп яратылған кешеләрҙе ҡарғайбыҙ. Бер үк ауыҙҙан данлау ҙа, ҡарғыш та сыға. Имандаштарым, улай булырға тейеш түгел. Бер үк шишмәнән сөсө лә, тоҙло ла һыу сығамы ни? Имандаштарым, инжир ағасында – зәйтүн емеше, ә йөҙөм һабағында инжир үҫәме ни? Шуның кеүек, тоҙло шишмә лә сөсө һыу бирә алмай. Арағыҙҙа кемегеҙ аҡыллы һәм аңлы? Шул әҙәм ғәмәлдәренең зирәк аҡылдан килгән тыйнаҡлыҡ аша башҡарылыуын үҙенең лайыҡлы тормошо менән күрһәтһен. Әммә йөрәктәрегеҙҙе әсе көнсөллөк һәм мин-минлек биләһә, маһаймағыҙ һәм хәҡиҡәткә ҡаршы ялғанламағыҙ. Ундай аҡыл юғарынан түгел, ул донъяныҡы, рухи түгел, ул ендән килә, сөнки көнсөллөк һәм мин-минлек булған ерҙә тарҡаулыҡ һәм һәр төрлө яман эштәр хөкөм һөрә. Ә юғарынан килгән аҡыл иң тәүҙә саф, аҙаҡ тыныс, йомшаҡ, тыңлаусан, шәфҡәт һәм игелекле емештәр менән тулы, кешеләрҙе тигеҙ күрә һәм ихлас. Хаҡлыҡ орлоҡтары тыныслыҡта сәселә һәм был орлоҡтар тыныслыҡ таратыусыларға уңыш килтерә. Арағыҙҙағы дошманлыҡ һәм ыҙғыш ҡайҙан килә? Һеҙҙе эстән йолҡҡослаған нәфсенән түгелме? Ниҙер теләйһегеҙ, ләкин ала алмайһығыҙ һәм шуның өсөн үлтерәһегеҙ. Көнләшәһегеҙ, ләкин теләгегеҙгә өлгәшә алмайһығыҙ, шуның өсөн ыҙғышырға, көрәшергә керешәһегеҙ. Тик барыбер теләгәнегеҙҙе ала алмайһығыҙ, сөнки Алланан һорамайһығыҙ. Һорап та ала алмайһығыҙ, сөнки алама ниәттән, үҙ ләззәтегеҙҙе ҡәнәғәтләндерер өсөн генә һорайһығыҙ. Эй Аллаға хыянат итеүселәр, донъя менән дуҫлашыу – Аллаға дошман булыу икәнлеген белмәйһегеҙме ни? Шулай итеп, кем донъя менән дуҫ булырға теләй, ул Аллаға дошман була. Әллә Изге Яҙмала: «Алла Үҙе беҙгә һалған рухты көнләшеү менән ашҡынып ярата», – тип юҡҡа әйтелгән тип уйлайһығыҙмы? Әммә Алла бирә торған мәрхәмәт тағы ла ҙурыраҡ. Бына шуға күрә Изге Яҙмала: «Алла тәкәбберҙәргә ҡаршы тора, ә тыйнаҡтарға мәрхәмәтен бүләк итә», – тип әйтелгән. Шуға күрә Аллаға буйһоноғоҙ, ә Иблискә ҡаршы тороғоҙ, шул ваҡытта ул һеҙҙән ҡасыр. Аллаға яҡынлашығыҙ, һәм Ул һеҙгә яҡынлашыр. Гонаһлылар, ҡулдарығыҙҙы таҙартығыҙ, ике йөҙлөләр, йөрәктәрегеҙҙе сафландырығыҙ. Көйөнөгөҙ, иңрәшегеҙ, илашығыҙ! Көлөүегеҙ – илауға, ә шатлығығыҙ ҡайғыға әйләнһен. Раббыға буйһоноғоҙ, һәм Ул һеҙҙе юғары күтәрер. Имандаштарым, бер-берегеҙҙең яманатын һатмағыҙ. Үҙ имандашының яманатын һатҡан йәки уны хөкөм иткән кеше ҡанундың яманатын һата һәм ҡанунды хөкөм итә. Әгәр ҙә ҡанунды хөкөм итәһең икән, һин – ҡанунды үтәүсе түгел, ә уны хөкөм итеүсеһең. Бары тик бер генә ҡанун Сығарыусы һәм Хөкөмдар бар. Ул ғына ҡотҡара һәм һәләк итә ала. Шулай булғас, башҡаларҙы хөкөм итергә кем һуң һин? «Бөгөн йәки иртәгә беҙ фәлән ҡалаға китербеҙ һәм, унда йыл буйы йәшәп, һатыу итербеҙ, табыш алырбыҙ», – тип һөйләүселәр, хәҙер һеҙ тыңлағыҙ. Эй һеҙ, иртәгә ни булырын белмәүселәр, һеҙҙең тормошоғоҙ ни генә? Һеҙ бит – аҙ ваҡытҡа пәйҙә булып, аҙаҡ юғалыусы томан ғына. «Раббы теләһә, беҙ иҫән булырбыҙ, тегене йә быны эшләрбеҙ», – тип әйтер урынға һеҙ хәҙер, тәкәбберләнеп, маһаяһығыҙ. Һәр шундай маһайыу – яманлыҡ ул. Шулай итеп, ниндәй яҡшылыҡ ҡылырға кәрәклеген белеп тә, уны эшләмәгән кеше гонаһ ҡыла. Байҙар, ә хәҙер һеҙ тыңлағыҙ! Өҫтөгөҙгә бәлә-ҡаза ябырылып килә, шуның өсөн үкһеп илағыҙ. Һеҙҙең байлығығыҙ серегән, кейемдәрегеҙҙе көйә ашаған. Алтын-көмөшөгөҙ тутыҡҡан. Уларҙың тутығы һеҙгә ҡаршы дәлил булыр һәм тәнегеҙҙе ут кеүек ашар. Һеҙ хазинағыҙҙы һуңғы көндәрҙә тупланығыҙ. Баҫыуҙарығыҙҙа эшләүселәр һеҙҙең өсөн уңыш йыйҙы, һеҙ уларҙы эш хаҡы түләмәй алданығыҙ. Тыңлағыҙ – хаҡы түләнмәгән хеҙмәт ҡысҡыра, ураҡсыларҙың ҡысҡырышыуы Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ҡолағына барып етте. Ерҙә һеҙ ләззәт кисереп, кәйеф-сафа ҡороп йәшәнегеҙ, үҙегеҙҙе һуғым өсөн һимерттегеҙ. Һеҙ ғәйепһеҙҙе хөкөм иттегеҙ һәм үлтерҙегеҙ: ул һеҙгә ҡаршылашманы. Имандаштарым, Раббы килгәнгә тиклем сабыр булығыҙ. Ерҙең ҡиммәтле уңыш биререн көткән игенсегә ҡарағыҙ: көҙгө һәм яҙғы ямғырҙар яуғанын ниндәй сабырлыҡ менән көтә ул! Һеҙ ҙә шулай сабыр булығыҙ, ышанысығыҙҙа ныҡ тороғоҙ, сөнки Раббы киләсәк көн яҡын. Алла һеҙҙе хөкөм итмәһен өсөн, бер-берегеҙгә зарланмағыҙ, имандаштар: Хөкөмдар инде ишек төбөндә тора. Имандаштар, Раббы исеменән һөйләгән пәйғәмбәрҙәрҙең ғазаптарынан һәм сабырлығынан үрнәк алығыҙ. Түҙемлек кисергәндәрҙе беҙ бәхетле тип атайбыҙ. Һеҙ Әйүптең түҙемлеге тураһында ишеттегеҙ, аҙаҡ Раббының уға ҡылған яҡшылығын күрҙегеҙ, сөнки Раббы ғәйәт шәфҡәтле һәм рәхимле. Әммә, имандаштарым, бөтәһенән бигерәк, күк менән дә, ер менән дә, бүтән берәй нәмә менән дә ант итмәгеҙ. Алла хөкөмөнә юлыҡмаҫ өсөн, һеҙҙең «эйе» тигәнегеҙ «эйе», «юҡ» тигәнегеҙ «юҡ» булһын. Арағыҙҙа кемдер ғазап сигә икән, доға ҡылһын. Кемдеңдер рухы күтәренке булһа, Аллаға маҡтау йыры йырлаһын. Арағыҙҙа кемдер ауырыһа, шул имандаштар берҙәмлеге өлкәндәрен саҡырһын һәм улар, Раббы исеме менән уға зәйтүн майы һөртөп, уның өсөн доға ҡылһын. Иман менән ҡылынған доға ауырыуҙы һауыҡтырыр, һәм Раббы уны аяҡҡа баҫтырыр. Әгәр ҙә ул гонаһ ҡылған булһа, Алла уны ярлыҡар. Шулай итеп, һауығыу өсөн бер-берегеҙ алдында гонаһтарығыҙҙы танығыҙ һәм бер-берегеҙ өсөн доға ҡылығыҙ. Тәҡүә кешенең доғаһы көслө, ул күпте эшләргә һәләтле. Ильяс беҙҙең кеүек үк кеше булған. Ямғыр яумауын теләп, ул тырышып доға ҡылған, һәм ергә өс йыл ярым ямғыр яумаған. Аҙаҡ ул тағы доға ҡылған, һәм күк ямғыр ебәргән, ер үҙенең емештәрен үҫтергән. Имандаштарым, әгәр арағыҙҙан берегеҙ хәҡиҡәттән тайшанып, икенсегеҙ уны хәҡиҡәткә кире ҡайтарһа, ул шуны белһен: гонаһлыны ялған юлдан кире ҡайтарыусы был гонаһлының йәнен үлемдән ҡотҡарыр һәм күп гонаһтарҙы ҡаплар. Ғайса Мәсихтең илсеһе Петрустан Понтоста, Галатияла, Каппадукияла, Асия һәм Биҫуния өлкәләрендә килмешәк булып таралып йәшәгән һайлап алынғандарға сәләм! Атабыҙ Алла һеҙҙе алдан Үҙе хәл иткән ниәт буйынса һайланы. Ул һеҙҙе, Ғайса Мәсихкә тыңлаусан булыуығыҙ һәм өҫтөгөҙгә Уның ҡаны һирпелеү аша таҙарыныуығыҙ өсөн, Үҙенең Рухы аша изге иткән. Һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек мул бирелһен! Заман аҙағында асылырға әҙер торған ҡотолоу өсөн Алла һеҙҙе иманығыҙ аша Үҙенең ҡөҙрәте менән һаҡлап тора. Шуға күрә, әле һәр төрлө һынауҙарҙан әҙ генә ваҡытҡа ғазап сигергә тейеш булһағыҙ ҙа, ҡыуанығыҙ. Был һынауҙар иманығыҙҙың хаҡ булыуын раҫлай бит. Алтын да утта яндырылып һынала, ләкин барыбер юҡҡа сыға. Ә һеҙҙең иманығыҙ алтындан ҡиммәтерәк. Шулай һыналған иманығыҙ Ғайса Мәсих килгәндә маҡтау, дан һәм хөрмәт килтерер. Һеҙгә биреләсәк мәрхәмәт тураһында алдан күреп әйткән пәйғәмбәрҙәр был ҡотолоу хаҡында ентекле эҙләнгәндәр һәм тикшеренгәндәр. Улар үҙҙәрендәге Мәсих Рухы Мәсихтең ғазап сигәсәге һәм һуңынан киләсәк шөһрәт тураһында алдан күреп әйткән һүҙҙәрҙең ниндәй хәлдәргә һәм ҡайһы мәлгә күрһәтеүен аңларға тырышҡан. Уларға үҙҙәре өсөн түгел, ә һеҙҙең өсөн хеҙмәт итеүҙәре асыҡлап бирелде. Улар иғлан иткәндәрҙе бит аҙаҡ, күктән ебәрелгән Изге Рух аша, Һөйөнөслө Хәбәр таратыусылар һеҙгә һөйләп бирҙе. Быларға хатта фәрештәләр ҙә күҙ һалырға теләй. Шуға күрә аҡылығыҙ айыҡ булһын һәм эшкә әҙер тороғоҙ. Ғайса Мәсих килгәндә һеҙгә биреләсәк Алла мәрхәмәтенә тулыһынса өмөт бағлағыҙ. Тыңлаусан балалар һымаҡ булығыҙ, Алланы белмәгән ваҡытығыҙҙағы элекке мин-минле теләктәрегеҙгә үҙегеҙ өҫтөнән хакимлыҡ итергә юл ҡуймағыҙ. Киреһенсә, һеҙҙе саҡырған Алла изге булған кеүек, һеҙ ҙә бар ғәмәлдәрегеҙҙә изге булығыҙ. Изге Яҙмала: «Изге булығыҙ, сөнки Мин изге», – тип әйтелгән. Һәр кемде эшенә ҡарап тигеҙ күргән Хөкөм итеүсене доға ҡылғанда Атам тип атайһығыҙ икән, был донъяла мосафир булып йәшәгән саҡта ғүмер юлығыҙҙы ҡурҡыу ҡатыш хөрмәт менән үтегеҙ. Алла Мәсихте донъя яратылғансы уҡ һайлағайны. Ә ошо һуңғы көндәрҙә иһә Уны һеҙҙең өсөн асты. Мәсихте үленән терелткән һәм Уға шөһрәт биргән Аллаға һеҙ Мәсих аша иман тотаһығыҙ ҙа инде. Шулай итеп, һеҙҙең иманығыҙ һәм өмөтөгөҙ – Аллала. Хәҡиҡәткә итәғәт итеп, һеҙ, имандаштарығыҙҙы туғандарса эскерһеҙ яратыр өсөн, йәндәрегеҙҙе паклағыҙ, шулай булғас, бер-берегеҙҙе ысын күңелдән яратығыҙ! Һеҙ фани орлоҡтан түгел, фани булмаған орлоҡтан, Алланың тере һәм мәңгелек һүҙе аша яңынан тыуҙығыҙ. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Һәр тере йән – үлән һымаҡ, уның бөтә даны – ялан сәскәһеләй. Үлән ҡорой, сәскә ҡойола, ә Раббы һүҙе мәңгегә ҡала». Был һүҙ – һеҙгә иғлан ителгән Һөйөнөслө Хәбәрҙең үҙе. Шулай итеп, һәр төрлө яуызлыҡты һәм мәкерҙе, ике йөҙлөлөктө һәм көнсөллөктө, һәр төрлө ғәйбәтте ситкә ҡуйығыҙ! Һеҙ ҙә, ышаныста үҫеп, ҡотолоуға өлгәшеү өсөн, яңы тыуған сабый һөт һораған кеүек, саф рухи һөткә ынтылығыҙ. Һеҙ бит Раббының игелеген татынығыҙ. Уға – кешеләр ташлаған, әммә Алла тарафынан һайлап алынған, Уның күҙендә ҡиммәтле тере Таш янына килеп, һеҙ үҙегеҙ ҙә, тере таштар кеүек, рухи йорт булып төҙөлөгөҙ. Шулай итеп, Ғайса Мәсих аша Аллаға хуш килерлек рухи ҡорбандар килтереүсе изге ҡаһиндар булырһығыҙ. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Бына Мин, һайлап алып, Сионда баһалап булмаҫлыҡ мөйөш ташын һалам. Уға ышанған һис кем оятҡа ҡалмаҫ». Шулай итеп, Ул һеҙ иманлылар өсөн – намыҫ билдәһе, ә иман тотмаусылар өсөн: «Төҙөүселәр яраҡһыҙ тип ташлаған таш иң мөһим мөйөш ташы булды. Ул – кешеләрҙе абындырыр таш, һөрөндөрөр ҡая». Был ташҡа абыналар, сөнки Уға буйһонмайҙар. Был улар өсөн алдан билдәләнгән. Әммә һеҙ – ҡараңғылыҡтан Үҙенең ғәжәйеп яҡтылығына Саҡырыусының бөйөк эштәрен иғлан итеү өсөн һайланған нәҫел, батша ҡаһиндары, мөҡәддәс халыҡ, Алланың Үҙ халҡы. Элегерәк һеҙ хатта халыҡ түгел инегеҙ, ә хәҙер Алла халҡы булдығыҙ. Ҡасандыр һеҙгә шәфҡәт күрһәтелмәгәйне, хәҙер иһә күрһәтелде. Һөйөклөләрем! Һеҙ был донъяла – илгиҙәрҙәр һәм мосафирҙар. Шуға күрә һеҙҙе йәнгә ҡаршы көрәшкән гонаһлы теләктәрҙән йыраҡ торорға саҡырам. Мәжүсиҙәр араһында ҡылығығыҙға һүҙ тейҙермәҫлек булһын. Шул ваҡытта, хәҙер һеҙҙе яуызлыҡ ҡылыусылар тип яманлаһалар ҙа, игелекле эштәрегеҙҙе күреп, Алла килгән көндө Уны данларҙар. Раббы хаҡы өсөн, кешеләр тарафынан урынлаштырылған һәр тәртипкә: барыһынан өҫтөн булған батшаға, шулай уҡ енәйәтселәрҙе язаларға, изгелек ҡылыусыларҙы дәртләндерергә ебәрелгән идарасыларға буйһоноғоҙ. Алланың ихтыяры шундай: изгелек ҡылыуығыҙ менән һеҙ аҡылһыҙ һәм наҙан кешеләрҙең ауыҙын томаларға тейешһегеҙ. Ирекле кешеләр булараҡ, иркегеҙҙе яуызлыҡты йәшереү өсөн файҙаланмағыҙ, Алланың ҡолдары кеүек йәшәгеҙ, барыһын да ихтирам итегеҙ, имандаштарҙы яратығыҙ, хөрмәт итеп, Алланан ҡурҡығыҙ, батшаны ололағыҙ. Ҡолдар, яҡшы күңелле һәм әҙәпле хужаларығыҙға ғына түгел, аяуһыҙҙарына ла ҡурҡыу ҡатыш тәрән хөрмәт менән буйһоноғоҙ. Берәйһе Алла хаҡында ҡайғыртып нахаҡҡа ғазап сикһә, Алла быны хуш күрә. Ғәйеп эш ҡылған өсөн туҡмалған саҡта түҙемлек күрһәтәһегеҙ икән, ниндәй маҡтау өмөт итәһегеҙ? Әммә, изгелек ҡылып та, ғазап сигәһегеҙ һәм шул саҡта түҙемлек күрһәтәһегеҙ икән, Алла быны хуш күрә. Һеҙ бит шуға саҡырылдығыҙ. Мәсих тә, Үҙенең эҙенән барырға үрнәк ҡалдырып, һеҙҙең өсөн ғазап сикте. Изге Яҙмала яҙылғанса: «Ул гонаһ ҡылманы, ауыҙынан ялған сыҡҡаны булманы». Мыҫҡыл ителгән ваҡытта Ул мыҫҡыл менән яуап ҡайтарманы, ғазап сиккәндә янаманы, ә Үҙен ғәҙел Хөкөм итеүсегә тапшырҙы. Беҙ гонаһтар өсөн үлһен һәм хаҡлыҡ өсөн йәшәһен тип, Ул Үҙе беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы Үҙ тәнендә арҡысаҡҡа күтәрҙе. Уның яралары һеҙгә сихәт бирҙе. Һеҙ һарыҡ һымаҡ аҙашып йөрөнөгөҙ, әммә хәҙер Көтөүсегеҙ һәм йәндәрегеҙҙе Һаҡлаусы янына әйләнеп ҡайттығыҙ. Һеҙҙең гүзәллегегеҙ сәстәрегеҙҙе ҡабартып ҡуйыуҙа һәм алтын биҙәүестәр тағыуҙа йәки ҡупшы кейемдәр кейеү кеүек тышҡы матурлыҡта түгел, ә ысын йөрәктән сыҡҡан, баҫалҡы һәм тыныс холоҡтоң һулымаҫ эске матурлығында булһын. Алла алдында бына шул ҡиммәтле. Элекке заманда Аллаға өмөт бағлаған изге ҡатындар ҙа үҙҙәрен шулай биҙәгән, ирҙәренә буйһонған. Мәҫәлән, Сара ла Ибраһимды хужам тип атап, уға күндәм булған. Һеҙ ҙә игелек ҡылһағыҙ һәм бер нәмәнән дә ҡурҡмаһағыҙ, Сараның балалары булырһығыҙ. Ирҙәр, һеҙ ҙә ҡатындарығыҙға, уларҙың көсһөҙөрәк зат икәнен иҫкә алып, иғтибарлы булығыҙ. Ҡатындарығыҙҙы хөрмәт итегеҙ, улар ҙа һеҙҙең кеүек үк Алланан тормош бүләге алды бит. Шунда доғаларығыҙға бер нимә лә тотҡарлыҡ итмәҫ. Шулай итеп, татыу йәшәгеҙ, бер-берегеҙгә ҡарата миһырбанлы, туған йәнле һәм рәхимле, тыйнаҡ булығыҙ. Яманлыҡҡа яманлыҡ менән йәки мыҫҡыллауға мыҫҡыллау менән түгел, киреһенсә, фатиха менән яуап ҡайтарығыҙ, сөнки һеҙ шуның өсөн саҡырылғанһығыҙ һәм фатиха алырһығыҙ. Изге Яҙмала әйтелгән: «Кем тормошҡа һөйөнөп йәшәргә, яҡшы көндәрҙе күрергә теләй, телен яманлыҡтан тыйһын, ауыҙын мәкер өсөн асмаһын. Яуызлыҡтан тайпылһын, яҡшылыҡ ҡылһын; тыныслыҡ эҙләһен, шуға ынтылһын. Раббының күҙе төбәлгән тәҡүәләргә, ҡолағы ҡылған доғаларына асыҡ. Раббының йөҙө яуызлыҡ ҡылғандарға асыулы баға». Әгәр ҙә яҡшылыҡ эшләргә ынтылһағыҙ, һеҙгә кем яуызлыҡ ҡылыр? Ә ғәҙеллек өсөн ғазап сикһәгеҙ, һеҙ бәхетле! Улар ҡурҡҡандан ҡурҡмағыҙ һәм борсолмағыҙ. Йөрәктәрегеҙҙә Мәсихте Хаким итеп изгеләп ололағыҙ. Өмөтөгөҙ хаҡында һеҙҙән хисап талап иткән һәр кемгә яуап бирергә һәр ваҡыт әҙер булығыҙ, әммә быны баҫалҡылыҡ һәм ихтирам, саф выждан менән эшләгеҙ. Шул ваҡытта һеҙгә яла яғыусылар һәм Мәсихтәге тел тейҙермәҫ йәшәү рәүешегеҙ өсөн хурлаусылар оятҡа ҡалыр. Алла ихтыяры буйынса, изгелекле эш ҡылып ғазапланыу яманлыҡ ҡылып ғазапланыуға ҡарағанда яҡшыраҡ. Мәсих тә бит, беҙҙе Алла янына алып барыу өсөн, ғәҙелһеҙ кешеләр урынына ғәҙел Кеше булараҡ, гонаһтарыбыҙ өсөн бер тапҡыр һәм мәңгегә ғазап сикте. Шулай итеп, Уның тәне үлтерелде, әммә Рух ярҙамында Ул терелтелде. Рухы менән Ул тотҡондағы рухтар янына барып вәғәз әйтте. Улар боронғо замандарҙа – Нух көндәрендә – Аллаға буйһонмаған. Ә Алла, сабырлыҡ күрһәтеп, кәмә төҙөлгән ваҡытта, Нух көндәрендә уларҙың тәүбәгә килеүен көткән. Ул кәмәлә бик аҙҙар, һигеҙ кеше генә, һыу аша ҡотолоп сыҡҡан. Һыу аша – һыуға сумдырылыу йолаһы аша – хәҙер һеҙ ҙә ҡотҡарылырһығыҙ. Һыуға сумдырылыу – тәндең керен йыуып төшөрөү түгел, ә Аллаға саф выждан тураһында үтенес. Был Ғайса Мәсихтең үленән терелеп тороуы аша мөмкин булды. Ул, күккә ашып, Алланың уң яғына ултырған, һәм Уға барлыҡ фәрештәләр ҙә, күктәге хакимлыҡтар ҙа, көстәр ҙә буйһонған. Ғүмерегеҙҙең шаҡтай өлөшөн мәжүсиҙәр кеүек аҙғынлыҡҡа, боҙоҡлоҡҡа, эскелеккә, тотанаҡһыҙ кисәләргә, кәйеф-сафаға бирҙегеҙ һәм ерәнгес ялған илаһтарға табынып уҙғарҙығыҙ. Шуға күрә мәжүсиҙәр, һеҙҙең бүтәнсә үҙҙәре менән бергә шул аҙғынлыҡтарҙа ҡатнашмауығыҙға сәйерһенеп, һеҙҙе яманлай. Улар тереләрҙе һәм үлеләрҙе хөкөм итергә әҙер Аллаға яуап бирәсәк әле. Шуға күрә, башҡалар кеүек, тәндәре менән хөкөм ителһәләр ҙә, рухтары менән Алла һымаҡ йәшәһендәр өсөн, Һөйөнөслө Хәбәр үлеләргә лә иғлан ителде. Тиҙҙән бөтә нәмәнең аҙағы етәсәк. Шуға күрә, һәр ваҡыт доға ҡыла алыу хәлендә булыр өсөн, тотанаҡлы һәм айыҡ аҡыллы булығыҙ. Бөтәһенән дә бигерәк бер-берегеҙҙе ихлас яратығыҙ, сөнки мөхәббәт күп гонаһтарҙы ҡаплар. Бер-берегеҙгә аһ-зарһыҙ ҡунаҡсыл булығыҙ. Алланан ниндәй бүләк алған булһағыҙ, һәр ҡайһығыҙ шул һәләт менән бер-берегеҙгә хеҙмәт итегеҙ. Яҡшы идарасылар кеүек, Алла тарафынан бирелгән төрлө һәләттәрҙе ҡулланығыҙ. Кемгәлер һөйләү оҫталығы бирелгән икән, Алланан килгән һүҙҙәр менән һөйләһен; кемгәлер хеҙмәт итеү оҫталығы бирелгән икән, Алла биргән көс менән хеҙмәт итһен. Шулай итеп, Ғайса Мәсих аша һәр ниҙә Алланың шөһрәте күтәрелер. Мәсихкә мәңгенән-мәңгегә дан һәм ҡөҙрәт булһын! Амин! Һөйөклөләрем! Һынау уты үтергә тура килгәнгә ғәжәпләнмәгеҙ, бында сәйер бер ни ҙә юҡ. Киреһенсә, Мәсихтең ғазаптарында ҡатнашыуығыҙ өсөн ҡыуанығыҙ һәм Уның шөһрәте асылғанда шатлығығыҙҙың сиге булмаҫ. Әгәр ҙә һеҙҙе Мәсих исеме өсөн мыҫҡыллайҙар икән, һеҙ бәхетле, сөнки шөһрәт Рухы, Алла Рухы – һеҙҙә. Арағыҙҙан һис кем кеше үлтереүсе йәки ҡараҡ, яуызлыҡ ҡылыусы йәки башҡалар эшенә ҡыҫылыусы булараҡ ғазап сикмәһен. Әгәр ҙә инде ул мәсихсе булараҡ ғазап сигә икән, оялмаһын, ә был исемде йөрөтөүе өсөн Алланы данлаһын. Алланың хөкөм итеү ваҡыты етте, һәм хөкөм Уның йортондағыларҙан башланасаҡ. Был беҙҙән башланһа, Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен кире ҡағыусыларҙы нимә көтә һуң? Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Әгәр тәҡүә кеше саҡ ҡотола икән, аллаһыҙҙар һәм гонаһлылар менән ни булыр?» Шулай итеп, Алла ихтыяры буйынса ғазап сигеүселәр, изгелек ҡылып, үҙ йәндәрен тоғро Бар итеүсегә ышанып тапшырһындар. Үҙем дә өлкән, Мәсих ғазаптарының шаһиты һәм киләсәктә асыласаҡ шөһрәтте уртаҡлашыусы булараҡ, арағыҙҙағы өлкәндәрҙән үтенеп һорайым: үҙегеҙҙәге ышанып тапшырылған Алла көтөүен мәжбүриҙән түгел, ә үҙ теләгегеҙ менән, Алла ихтыяры буйынса, хурлыҡлы табыш артынан ҡыумайынса, ә күңел ҡушҡанса тырышлыҡ, хәстәрлек менән көтөгөҙ. Һеҙгә ышанып тапшырылғандар өҫтөнән хакимлыҡ итмәгеҙ, ә көтөүегеҙгә өлгө булығыҙ. Баш Көтөүсе килгәс, һеҙ һулымай торған дан тажын алырһығыҙ. Һеҙ ҙә, йәштәр, өлкәндәргә буйһоноғоҙ. Һәр кем бер-берегеҙгә ҡарата тыйнаҡ булығыҙ, сөнки, Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Алла тәкәбберҙәргә ҡаршы тора, тыйнаҡтарға мәрхәмәтен бүләк итә». Шулай итеп, Алланың ҡөҙрәтенә буйһоноғоҙ, һәм Ул, ваҡыты еткәс, һеҙҙе юғары күтәрер. Үҙегеҙҙең бөтә борсолоуҙарығыҙҙы Аллаға йөкмәтегеҙ, сөнки Ул һеҙҙең хаҡта ҡайғырта. Айыҡ аҡыллы һәм уяу булығыҙ, дошманығыҙ Иблис, ырылдаған арыҫлан һымаҡ, кемде йоторға тип эҙләнеп йөрөй. Имандаштарығыҙҙың бөтә донъяла шундай уҡ ғазаптарға дусар ителеүен белеп, Иблискә ныҡлы иман менән ҡаршы тороғоҙ. Бар мәрхәмәттең сығанағы булған һәм һеҙҙе Үҙенең Ғайса Мәсихтәге мәңгелек шөһрәтенә саҡырып алған Алла, һеҙ бер аҙ ғазап сиккәндән һуң, көсөгөҙҙө ҡайтарасаҡ, ҡеүәт бирәсәк, нығытасаҡ һәм ҡаҡшамаҫлыҡ итәсәк. Уның хакимлығы мәңге-мәңгегә булһын. Амин! Мин был ҡыҫҡа хатты, һеҙҙе дәртләндереп һәм Алланың ысын мәрхәмәте хаҡында шаһитлыҡ ҡылып, үҙем ышаныслы тип һанаған имандашыбыҙ Силуан аша яҙып ебәрҙем. Шул мәрхәмәт менән ныҡ тороғоҙ. Бабилдағы һеҙҙең кеүек үк һайлап алынған имандаштар берҙәмлеге һәм шулай уҡ улым Маркус һеҙгә сәләм ебәрә. Бер-берегеҙҙе туғандарса яратып, үбеп сәләмләгеҙ. Мәсихтеке булған һәммәгеҙгә именлек булһын. Ғайса Мәсихтең ҡоло һәм илсеһе Шимғон Петрустан – Аллабыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсихтең хаҡлығы аша беҙҙең кеүек шул уҡ ҡиммәтле иманды ҡабул иткәндәргә: Алланы һәм Раббыбыҙ Ғайсаны танып белеү аша һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек мул итеп бирелһен! Үҙенең даны һәм игелеге менән беҙҙе Үҙенә саҡырған Алланы танып белеүебеҙ аша Ғайсаның илаһи ҡөҙрәте беҙгә йәшәү һәм Аллаға ихлас табыныу өсөн кәрәк булған бөтә нәмәне бүләк итте. Былар арҡылы, был донъя теләктәренә бәйле боҙоҡлоҡтан ҡасып, илаһи тәбиғилеккә ҡатнашығыҙ булһын өсөн, Ул беҙгә иң ҡиммәтле, иң бөйөк вәғәҙәләрен бирҙе. Шул сәбәпле, иманығыҙға изгелек өҫтәү өсөн, бар көсөгөҙҙө һалығыҙ. Изгелеккә белемегеҙҙе өҫтәгеҙ, белемгә – тотанаҡлылыҡ, тотанаҡлылыҡҡа – сабырлыҡ, сабырлыҡҡа – Аллаға ихлас табыныу, Аллаға ихлас табыныуға – туғандарса яратыу, туғандарса яратыуға мөхәббәт өҫтәгеҙ. Әгәр ҙә һеҙ ошо һыҙаттарға эйә булһағыҙ һәм улар арта барһа, Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте танып белеүегеҙ файҙаһыҙ һәм емешһеҙ ҡалмаҫ. Ә инде кем уларға эйә түгел, шул – алыҫтан насар күргән һуҡыр һәм үҙенең элекке гонаһтарынан таҙарыныуын онотҡан кеше. Шуға күрә, имандаштар, Алла тарафынан саҡырылған һәм һайланған булыуығыҙҙы тағы ла ныҡлыраҡ итергә тырышығыҙ. Шулай итһәгеҙ, бер ваҡытта ла абынмаҫһығыҙ, Раббыбыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсихтең мәңгелек Батшалығына ҙур теләк менән ҡабул ителерһегеҙ. Шул сәбәптән, һеҙ быларҙы белһәгеҙ һәм ҡабул иткән хәҡиҡәттә ныҡ торһағыҙ ҙа, мин улар тураһында һәр ваҡыт хәтерегеҙгә төшөрөрмөн. Әлегә, ерҙә йәшәгән сағымда, хәтерегеҙҙе яңыртып тороуҙы бурысым тип һанайым. Беләм, тиҙҙән, Раббыбыҙ Ғайса Мәсих миңә әйткәнсә, был донъянан китергә тура килер. Шуға күрә, мин арағыҙҙан киткәс тә, быларҙы һәр ваҡыт иҫкә алырһығыҙ, тип тырышам. Беҙ һеҙгә Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең ҡөҙрәте һәм Уның килеүе тураһындағы оҫта ғына уйлап сығарылған хикәйәттәргә эйәреп түгел, ә Уның бөйөклөгөн үҙ күҙҙәре менән күргән кеше булараҡ һөйләнек. Уға шөһрәтле бөйөк Алланан: «Был – Минең һөйөклө Улым, Ул Минең ҡыуанысым», – тигән ауаз килгәндә, Ғайса Атабыҙ Алла тарафынан хөрмәт алды һәм Үҙен шөһрәт балҡышында күрһәтте. Ғайса менән изге тауҙа булған саҡта, күктән килгән был ауазды үҙебеҙ ишеттек. Шуға күрә беҙ пәйғәмбәрҙәр һөйләгән һүҙҙәрҙең ышаныслы булыуына тағы ла нығыраҡ инанабыҙ. Әгәр уға иғтибар бирһәгеҙ, дөрөҫ эшләйһегеҙ. Был һүҙ, көн тыуып, Мәсих – таң йондоҙо – йөрәктәребеҙҙә ҡалҡҡансы, төндә яҡтыртҡан шәмсыраҡ кеүек. Иң элек шуны белегеҙ: Изге Яҙмалағы бер генә пәйғәмбәрлек тә пәйғәмбәрҙең үҙенең уй-фекерләүенән килмәй. Сөнки пәйғәмбәрлек һүҙе бер ҡасан да кеше ихтыяры менән әйтелмәне, кешеләр Алланан килгән хәбәрҙе Изге Рухтан рухланып һөйләне. Исраил халҡы араһында ялған пәйғәмбәрҙәр ҙә булған һымаҡ, һеҙҙең арағыҙҙа ла ялған өйрәтеүселәр булыр. Улар зарарлы тәғлимәттәрҙе таратыр, хатта, үҙҙәрен иреккә йолоп алған Хакимды инҡар итеп, үҙ баштарына тиҙ үк һәләкәт килтерер. Күптәр уларҙың аҙғынлығына эйәрер, һәм уларҙың шул эштәре арҡаһында хәҡиҡәт юлы хурланыр. Ялған өйрәтеүселәр, ҡомһоҙланып, үҙҙәре уйлап сығарған өйрәтеүҙәре ярҙамында һеҙҙең иҫәпкә байлыҡ туплар. Улар өҫтөнән күптән инде хөкөм тора, уларҙың һәләкәте ҡотолғоһоҙ. Алла гонаһ ҡылған фәрештәләрҙе лә аямаған, ә тамуҡҡа ташлаған бит. Шунда, ҡараңғыла, бығауланған килеш хөкөм көтөрҙәр. Алла боронғо донъяны ла аямаған, бары тик тәҡүә тормошто вәғәзләгән Нухты һәм тағы ла ете кешене иҫән ҡалдырып, аллаһыҙҙар өҫтөнә туфан ебәргән. Шулай итеп Содом, Ғамора ҡалаларын да хөкөм иткән һәм көлгә әйләндереп ҡыйратҡан. Ул аллаһыҙҙарҙың киләсәге ниндәй булырын һабаҡ рәүешендә киҫәткән. Ә әхлаҡһыҙ кешеләр араһында интеккән тәҡүә Лутты уларҙың аҙғынлығынан ҡотҡарған. Был тәҡүә кеше аҙғындар араһында йәшәгәндә, уларҙың ҡанунһыҙ эштәрен күреп һәм ишетеп, көндән-көн ғазап сиккән. Шулай итеп, Раббы Үҙенә тоғроларҙы һынауҙарҙан нисек ҡотҡарырға, ә ғәҙелһеҙҙәрҙе хөкөм көнөндә биреләсәк язаға нисек һаҡларға икәнен белә. Был бигерәк тә, үҙҙәренең бысраҡ аҙғынлығына буйһоноп, Раббы хакимлығын кәмһетеүселәргә ҡағыла. Улар – әҙәпһеҙ һәм үҙһүҙле кешеләр. Улар күктәге көстәргә яла яғыуҙан да ҡурҡмай. Хәйер, күпкә ҡеүәтлерәк һәм көслөрәк фәрештәләр ҙә Раббы алдында уларҙы кәмһетеп ғәйепләмәй. Был ялған өйрәтеүселәр иһә үҙҙәре белмәгәнде хурлай. Улар – тәбиғи теләктәренә буйһоноп йәшәгән һәм фәҡәт аулау һәм үлтереү өсөн генә тыуған аңһыҙ хайуандар һымаҡ. Хайуандар нисек үлтерелгән, был ялған өйрәтеүселәр ҙә шулай һәләк ителәсәк. Улар ҡылған яуызлыҡтарына күрә яуызлыҡ аласаҡ. Улар өсөн ләззәт – көн һайын көпә-көндөҙ ҡомһоҙланып ашап эсеү. Улар – әшәкелек һәм хурлыҡ, сөнки һеҙҙең менән бер табын артында ултырып, ялған рәхәтлектән ләззәтләнәләр. Улар кем менән зина ҡылырға икән тип, ҡыҙ-ҡырҡынға күҙ һалып, был гонаһтан тыйыла алмай һәм тотороҡһоҙ йәндәрҙе хаҡ юлдан яҙҙыра, күңелдәре ҡомһоҙлоҡҡа өйрәтелгән, өҫтәренә ләғнәт ятҡан. Улар, тура юлдан тайпылып, аҙашты. Улар лайыҡһыҙ табыш алырға яратҡан Билғамға, Беғор улына, эйәрҙе. Ә Билғам яҙыҡ эшендә фашлана. Өнһөҙ ишәк, кеше тауышы менән өндәшеп, пәйғәмбәрҙе алйотлоҡтан туҡтата. Был кешеләр – һыуһыҙ шишмәләр, ел ҡыуып таратҡан томандар һымаҡ: уларҙы дөм ҡараңғылыҡ көтә. Сөнки улар, яңғырауыҡлы буш һүҙҙәр һөйләп, аҙғын теләктәрендә уйнап, яңылышлыҡта йәшәүселәрҙән бына-бына арынып килгәндәрҙе үҙҙәренә ылыҡтыра. Үҙҙәре боҙоҡлоҡ ҡолдары булып та, тегеләргә азатлыҡ вәғәҙә итә, кем нимәгә буйһона, шуның ҡолона әйләнә бит. Был кешеләр, Раббыбыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсихте танып белеү аша донъяның аҙғынлыҡтарынан арынғас, ҡабат шулар тарафынан сырмап алынған һәм еңелгән. Шуға күрә уларҙың һуңғы хәле элеккеһенән яманыраҡ. Сөнки, хаҡлыҡ юлын танып белгәндән һуң, үҙҙәренә тапшырылған тормош менән йәшәү тигән изге бойороҡтан кире ҡайтыуға ҡарағанда, ул юлды бөтөнләй белмәһәләр, улар өсөн яҡшыраҡ булған булыр ине. Ундай кешеләр тураһында мәҡәлдәрҙә дөрөҫ әйтелгән: «эт үҙ ҡоҫҡолоғона әйләнеп ҡайта» һәм «йыуындырылған сусҡа бысраҡта аунарға бара». Һөйөклөләрем, мин инде һеҙгә икенсе хатымды яҙам. Был хаттарҙа мин, белгәндәрегеҙҙе иҫегеҙгә төшөрөп, саф уйҙарығыҙҙы уятам. Элекке ваҡыттарҙа изге пәйғәмбәрҙәр тарафынан алдан әйтелгән һүҙҙәрҙе, Раббыбыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙҙың илселәрегеҙ аша тапшырған бойороғон иҫегеҙҙә тотоғоҙ. Иң тәүҙә шуны белегеҙ: һуңғы көндәрҙә үҙҙәренең аҙғын теләктәре буйынса ғәмәл ҡылыусы, мыҫҡыллаусы оятһыҙ кешеләр килеп сығасаҡ. Улар: «Ғайса килергә вәғәҙә итмәнеме ни? Ҡайҙа һуң ул? Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ үлеп бөттө, ә бар нәмә, донъя яратылғанда нисек булһа, шул килеш ҡала бирә», – тиерҙәр. Әммә улар күктең һәм ерҙең борондан булыуын, уларҙың Алла һүҙе менән һыуҙан һәм һыу аша яратылыуын юрый һанға һуҡмайҙар. Элекке донъя һүҙ аша туфан һыуына батырылып һәләк ителгән. Ә шул уҡ һүҙ менән хәҙерге күк һәм ер, уттан һәләк ителеү өсөн, хөкөм көнөнәсә һаҡланып тора. Шул көндә аллаһыҙҙар ҙа юҡ ителәсәк. Ләкин, һөйөклөләрем, бер нәмә һеҙҙең иғтибарығыҙҙан ситтә тороп ҡалмаһын: Раббы өсөн бер көн – мең йылға, мең йыл бер көнгә тиң. Ҡайһы берәүҙәр оҙаҡҡа һуҙылды тип иҫәпләһә лә, Раббы Үҙ вәғәҙәһен үтәүҙе оҙаҡлатмай. Киреһенсә, Ул һеҙгә сабырлыҡ күрһәтә, сөнки бер кемдең дә һәләк булыуын теләмәй, ә бөтә кешенең тәүбәгә килгәнен көтә. Әммә Раббы көнө, ҡараҡ һымаҡ, көтмәгәндә килеп етер. Ул көндә күк көслө дөһөрләгән тауыш аҫтында юҡҡа сығыр; күк есемдәре утта иреп тарҡалыр; ер һәм ундағы бөтә эштәр фаш ителер. Әммә беҙ Алла тарафынан вәғәҙә ителгән хаҡлыҡ хакимлыҡ итәсәк яңы күкте һәм яңы ерҙе көтәбеҙ. Шуға күрә, һөйөклөләрем, бының һәммәһен дә көтөп, Алла ҡаршыһында именлектә, бер ниндәй тапһыҙ, кәмселекһеҙ йәшәй алыу өсөн, хәлегеҙҙән килгәндең барыһын да эшләгеҙ. Аңлағыҙ: Раббыбыҙ сабыр, сөнки ул кешеләрҙең ҡотолоуын теләй. Үҙенә Алла тарафынан бирелгән зирәк аҡылы менән беҙҙең ҡәҙерле имандашыбыҙ Паулус та һеҙгә шулай тип яҙғайны. Был хаҡта ул бөтә хаттарында яҙа. Әммә уның хаттарында аңлауы ауыр булған ҡайһы бер урындар бар. Наҙандар һәм иманда тотороҡһоҙ кешеләр, башҡа Изге Яҙмаларҙы боҙған кеүек, был урындарҙы ла боҙоп аңлата. Шуның менән үҙҙәрен һәләкәткә дусар итә. Ә һеҙ, һөйөклөләрем, был турала алдан уҡ белеп һаҡ булығыҙ. Әхлаҡһыҙ кешеләргә үҙегеҙҙе тура юлдан яҙҙырырға юл ҡуймағыҙ. Юҡһа үҙегеҙ торған ныҡлы нигеҙҙән ҡолап төшөрһөгөҙ. Раббыбыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсих мәрхәмәтендә һәм Уны танып белеүҙә даими үҫегеҙ. Уға хәҙер һәм мәңгелек көнөндә лә дан булһын! Амин. Беҙ баштан уҡ булған, беҙ ишеткән, үҙ күҙҙәребеҙ менән күргән, күҙәткән һәм ҡулдарыбыҙ менән ҡағылған нәмә – тормош Һүҙе тураһында вәғәзләйбеҙ. Тормош үҙе асылып күренде: беҙ уны күрҙек. Атабыҙ менән булған, беҙгә асылған мәңгелек тормош хаҡында шаһитлыҡ ҡылабыҙ һәм иғлан итәбеҙ. Һеҙ ҙә беҙҙең менән тығыҙ аралаша алһын өсөн, үҙебеҙҙең күргән һәм ишеткәндәребеҙҙе һеҙгә лә иғлан итәбеҙ. Беҙ иһә Атабыҙ Алла һәм Уның Улы Ғайса Мәсих менән аралашып йәшәйбеҙ һәм һеҙгә был турала ҡыуанысыбыҙ тулы булһын өсөн яҙабыҙ. Беҙ Ғайса Мәсихтән ишеткән һәм һеҙгә иғлан итә торған хәбәр шул: Алла – яҡтылыҡ һәм Унда һис ниндәй ҡараңғылыҡ юҡ. Әгәр ҙә беҙ: «Алла менән тығыҙ аралашып йәшәйбеҙ», – тип әйтәбеҙ, әммә ҡараңғылыҡта ғүмер кисерәбеҙ икән, тимәк, беҙ ялғанлайбыҙ һәм хәҡиҡәт буйынса йәшәмәйбеҙ. Әгәр инде Алла яҡтылыҡта булған кеүек, беҙ ҙә яҡтылыҡта йәшәһәк, тимәк, бер-беребеҙ менән тығыҙ аралашып йәшәйбеҙ һәм Улы Ғайсаның түккән ҡаны беҙҙе һәр төрлө гонаһтарыбыҙҙан таҙарындыра. Әгәр: «Гонаһыбыҙ юҡ», – тибеҙ икән, үҙ-үҙебеҙҙе алдайбыҙ һәм беҙҙә хәҡиҡәт юҡ. Әммә гонаһтарыбыҙҙы таныһаҡ, Алла уларҙы ярлыҡар һәм һәм беҙҙе төрлө яуызлыҡтарҙан арындырыр, сөнки Ул тоғро һәм ғәҙел. Әгәр: «Беҙ гонаһ ҡылманыҡ», – тиһәк, Алланы ялғансы итәбеҙ һәм беҙҙә Уның һүҙе юҡ. Балаларым! Мин быларҙы һеҙгә, бүтәнсә гонаһ ҡылмағыҙ, тип яҙам. Әгәр инде берәйһе гонаһ ҡылһа, Ата алдында беҙҙең Яҡлаусыбыҙ бар, Ул – һәр ваҡыт ғәҙел эш итеүсе Ғайса Мәсих. Ул беҙҙең гонаһтарыбыҙға, беҙҙең генә түгел, бәлки бөтә донъя гонаһтарына Үҙе аша ярлыҡау килтергән ҡорбан булды. Алланы белеүебеҙҙе беҙ бына нисек аңлай алабыҙ: Уның бойороҡтарын үтәйбеҙ икән, тимәк, беҙ Уны беләбеҙ. Берәйһе: «Мин Алланы беләм», – ти, әммә Уның бойороҡтарын үтәмәй икән, ул ялғансы һәм унда хәҡиҡәт юҡ. Ә Уның һүҙен үтәгән кешелә Алла мөхәббәте ысынлап та камиллыҡҡа өлгәшкән була. Шуның аша беҙ үҙебеҙҙең Унда булыуыбыҙҙы беләбеҙ ҙә инде. Кем дә кем: «Мин Аллала йәшәйем», – ти, ул кеше Ғайса һымаҡ йәшәргә тейеш. Һөйөклөләрем! Мин һеҙгә ниндәйҙер яңы бойороҡ яҙмайым, юҡ, ул – һеҙгә баштан уҡ билдәле иҫке бойороҡ. Ә иҫке бойороҡ – һеҙ ишеткән хәбәр ул. Шулай ҙа минең яҙғандарым яңы бойороҡ та, сөнки уның хаҡлығы Мәсихтә һәм һеҙҙә күренә. Ҡараңғылыҡ сигенә, ә ысын яҡтылыҡ балҡый инде. Кем дә кем үҙен яҡтылыҡтамын ти, әммә имандашын күрә алмай, ул әле лә ҡараңғылыҡта. Имандашын яратҡан кеше яҡтылыҡта йәшәй һәм уға юлдан тайпылыу ҡурҡынысы янамай. Имандашына асыу тотҡан кеше ҡараңғылыҡ эсендә, ҡараңғылыҡта йөрөй һәм үҙенең ҡайҙа китеп барғанын белмәй, сөнки ҡараңғылыҡ уны һуҡырайтҡан. Балаларым, һеҙгә яҙам: Гонаһтарығыҙ Ғайса хаҡына ярлыҡанды. Аталар, һеҙгә яҙам: баштан уҡ Бар булыусыны танып беләһегеҙ. Эй йәштәр, һеҙгә яҙам: һеҙ Иблис яуызды еңдегеҙ. Балалар, һеҙгә яҙҙым: һеҙ Күктәге Атаны танып белдегеҙ. Аталар, мин һеҙгә яҙҙым: баштан уҡ Бар булыусыны танып белдегеҙ. Эй йәштәр, һеҙгә яҙҙым: һеҙ көслөһөгөҙ, Алла һүҙе күңелдәрегеҙҙә йәшәй, һеҙ Иблис яуызды еңдегеҙ. Донъяға һәм унда булған нәмәләргә күңел бирмәгеҙ. Донъяны яратҡан кешенең күңелендә Атаны яратыу юҡ. Был донъялағы бөтә нәмә: тән нәфсеһе, күҙ нәфсеһе һәм байлыҡ арҡаһындағы тәкәбберлек – улар Атанан түгел, фәҡәт донъянан. Донъя ла, уның нәфселәре лә үтеп китә, ә Алла ихтыярын үтәгән кеше мәңге йәшәй. Балаларым! Һуңғы сәғәттәр етте. Заман ахырында Мәсих дошманының килере хаҡында һеҙ ишеткәйнегеҙ, әле Мәсихтең дошмандары күбәйеп китте һәм заман ахыры еткәнен шунан беләбеҙ. Улар беҙҙең аранан сыҡты, әммә бер ваҡытта ла беҙҙеке булманылар. Әгәр беҙҙеке булһалар, беҙҙең менән ҡалырҙар ине. Уларҙың арабыҙҙан китеүҙәре беҙҙеке түгеллектәрен күрһәтте. Һеҙҙе иһә Изге Зат мәсехләгән, һәм һеҙ бөтәгеҙ ҙә хәҡиҡәтте беләһегеҙ. Мин һеҙгә хәҡиҡәтте белмәгәнегеҙ өсөн түгел, киреһенсә, уны белгәнегеҙ һәм хәҡиҡәттән һис ниндәй ялған килмәгәнен аңлағанығыҙ өсөн яҙҙым. Кем ул ялғансы? Ялғансы – ул Ғайсаның Мәсих икәнен инҡар итеүсе. Ундай кеше Мәсихтең дошманы һәм ул Атаны ла, Улы Ғайсаны ла инҡар итә. Алла Улын инҡар итеүсенең Атаһы ла юҡ, ә Алла Улын таныусының иһә Атаһы ла бар. Баштан уҡ ни ишеткән булһағыҙ, шуны күңелегеҙҙә һаҡлағыҙ. Әгәр ҙә баштан ишеткәндәр күңелегеҙҙә йәшәһә, һеҙ ҙә Атаның Улында һәм Улының Атаһында булырһығыҙ. Мәсих Үҙе беҙгә вәғәҙә иткән нәмә – мәңгелек тормош был. Мин быларҙы һеҙҙе тура юлдан яҙҙырырға тырышыусылар хаҡында яҙам. Ә һеҙҙең үҙегеҙҙә Мәсихтән бирелгән Изге Рух тора, һәм һеҙ һис кемдең өйрәтеүенә мохтаж түгелһегеҙ. Мәсих Рухы һеҙгә бөтәһен дә өйрәтә, һәм Ул хәҡиҡәтте өйрәтә, ялғанды түгел. Рух өйрәткәнсә Мәсихтә йәшәгеҙ. Шулай итеп, балалар, Мәсих килгәндә Уның алдында ҡыйыу һәм уңайһыҙланмай баҫып тора алыр өсөн, Мәсихтә йәшәгеҙ. Әгәр ҙә һеҙ Уның хаҡ булыуын беләһегеҙ икән, тимәк, тәҡүәлек ҡылыусы һәр кемдең Алланан тыуған булыуын да беләһегеҙ. Ҡарағыҙ, Атабыҙ беҙҙе ҡайһылай ныҡ ярата: беҙҙе «Алла балалары» тип атайҙар! Эйе, беҙ – Уның балалары. Ә донъя, Алланы танымағанға күрә, беҙҙе лә белмәй. Һөйөклөләрем, беҙ хәҙер Алла балалары, әммә ниндәй буласағыбыҙ билдәһеҙ әле. Шуны ғына беләбеҙ: Мәсих килгәндә, беҙ Уға оҡшаш булырбыҙ, сөнки ысынында Ул ниндәй булһа, беҙ Уны шундай итеп күрербеҙ. Уға ошо өмөттө бағлаған һәр кем, Мәсих пак булған кеүек, үҙен пакландыра. Гонаһ ҡылған һәр кем Алла ҡанунын боҙа: гонаһ бит ул – ҡанунһыҙлыҡ. Мәсихтең кеше гонаһтарын Үҙенә алыр өсөн килгәнен һеҙ беләһегеҙ. Ә Ул Үҙе гонаһһыҙ. Мәсихтә йәшәгән бер кем дә гонаһ ҡылмай, ә гонаһ ҡылған икән, тимәк, ул Мәсихте күрмәгән һәм Уны танымаған. Балаларым, һеҙҙе берәйһе алдап ҡуймаһын. Хаҡ эш иткән кеше Мәсих кеүек үк тәҡүә була. Кем гонаһ ҡыла, ул – Иблистән, сөнки Иблис тәүҙән үк гонаһ ҡыла. Әммә Алла Улы Иблис эштәрен ҡыйратырға килде. Алланан тыуған кеше гонаһ ҡылмай, сөнки унда Алла орлоғо бар. Ул гонаһ ҡыла алмай, сөнки ул Алланан тыуған. Алла балалары менән Иблис балалары араһындағы айырма ошонда күренә: ғәҙел эш итмәгән, шулай уҡ үҙенең имандашын яратмаған һәр кем Алланан түгел. Бына был һеҙ тәүҙән үк ишеткән хәбәр: беҙ бер-беребеҙҙе яратырға тейешбеҙ. Иблистән булған һәм үҙенең ҡустыһын үлтергән Ҡабил кеүек булмайыҡ. Ул ни өсөн ҡустыһын үлтергән? Сөнки Ҡабилдың эштәре – яуыз, ә ҡустыһыныҡы хаҡ булған. Имандаштарым, шуның өсөн донъяның һеҙгә нәфрәтле булыуына ғәжәпләнмәгеҙ. Беҙ үлемдән тормошҡа күскәнебеҙҙе беләбеҙ, сөнки имандаштарыбыҙҙы яратабыҙ. Яратмаған кеше йәшәмәй, ул әлегә үлем хакимлығында. Үҙенең имандашын күрә алмаған әҙәм – кеше үлтереүсе ул. Ә кеше үлтереүсенең мәңгелек тормошо булмағанын һеҙ беләһегеҙ. Мөхәббәттең нимә икәнен Мәсихтең беҙҙең өсөн йәнен биреүенән белдек. Беҙ ҙә имандаштарыбыҙ өсөн йәнебеҙҙе бирергә әҙер торорға тейешбеҙ. Етеш йәшәп һәм имандашының мохтажлығын күрә тороп, уға шәфҡәт күрһәтмәгән кешелә Алла мөхәббәтенә урын булырмы? Балаларым, һүҙ һәм тел менән түгел, ғәмәлдәребеҙ менән ихлас яратайыҡ. Шулай итеп беҙ үҙебеҙҙең хәҡиҡәттән булыуыбыҙҙы белербеҙ һәм йөрәктәребеҙҙе Алла ҡаршыһында тынысландыра алырбыҙ, сөнки, әгәр йөрәгебеҙ беҙҙе ғәйепләһә, Алла беҙҙең йөрәгебеҙҙән ҙурыраҡ һәм Ул бөтәһен дә белә. Һөйөклөләрем! Әгәр ҙә йөрәгебеҙ беҙҙе ғәйепләмәй икән, Алла ҡаршыһына тулы ышаныс менән баҫа алабыҙ. Унан ни һораһаҡ та, алырбыҙ, сөнки Уның бойороҡтарын үтәйбеҙ, Уға хуш килгән эштәр ҡылабыҙ. Ә Уның бойороғо шунан ғибәрәт: беҙ Уның Улы Ғайса Мәсихкә инанырға һәм Ул бойорғанса бер-беребеҙҙе яратырға тейешбеҙ. Алланың бойороҡтарын үтәгән кеше Аллала булыр һәм Алла ла унда булыр. Алланың да беҙҙә булғанын Ул беҙгә биргән Рухтан белербеҙ. Һөйөклөләрем! Рухтарҙың һәр береһенә ышанмағыҙ, уларҙың ысынлап та Аллананмы икәнлеген һынап ҡарағыҙ, сөнки донъяла ялған пәйғәмбәрҙәр бик күп. Алла Рухын һеҙ былай танырһығыҙ: Ғайса Мәсихтең донъяға кеше тәнендә килгәнен ҡабул иткән һәр рух Алланан була. Ғайсаны танып белмәгән бер рух та Алланан түгел, ул – Мәсих дошманының рухы, һеҙ уның килере тураһында ишеткәйнегеҙ, һәм ул хәҙер донъяла инде. Һеҙ, балаларым, – Алланан, һәм һеҙ ялған пәйғәмбәрҙәрҙе еңдегеҙ, сөнки һеҙҙә Булған донъяла булғандан өҫтөн. Ялған пәйғәмбәрҙәр – был донъяныҡы, шуға күрә улар һөйләгән һүҙҙәр – был донъяныҡы, һәм донъя кешеләре уларҙы тыңлай. Беҙ – Алланан. Алланы танып белеүсе беҙҙе тыңлай. Алланан булмағандар иһә беҙҙе тыңламай. Шуның аша беҙ хәҡиҡәт Рухын һәм ялғанлыҡ рухын таныйбыҙ. Һөйөклөләрем! Бер-беребеҙҙе яратайыҡ, сөнки мөхәббәт – Алланан. Һәр яратҡан кеше Алланан тыуған һәм Алланы танып белә. Яратмаған әҙәм Алланы танып белмәй, сөнки Алла – мөхәббәт ул. Алла беҙгә һөйөүен бына нисек күрһәтте: Ул Үҙенең берҙән-бер Улын, Уның аша беҙгә йәшәү бирер өсөн, донъяға ебәрҙе. Мөхәббәт шунан ғибәрәт: ул – беҙҙең Алланы яратыуыбыҙҙа түгел, ә Уның беҙҙе яратыуында һәм, гонаһтарыбыҙ ярлыҡанһын өсөн, ҡорбан итеп Үҙенең Улын ебәреүендә. Һөйөклөләрем, Алла беҙҙе шулай яратҡанға күрә беҙгә лә бер-беребеҙҙе яратырға кәрәк. Алланы бер кем һис ҡасан күрмәгән. Әммә беҙ бер-беребеҙҙе яратһаҡ, Алла беҙҙә йәшәр һәм Уның мөхәббәте беҙҙә камиллашҡан булыр. Беҙ – Аллала, Алланың беҙҙә булғанын Уның беҙгә биргән Рухынан беләбеҙ. Ата Үҙенең Улын ошо донъяға Ҡотҡарыусы итеп ебәргәнен беҙ үҙебеҙ күрҙек һәм быға шаһитлыҡ ҡылабыҙ. Кем дә кем Ғайсаның Алла Улы булыуын таный, ул кешелә Алла бар һәм ул үҙе лә – Аллала. Беҙ Алланың беҙгә булған һөйөүен танып белдек һәм һөйөүенә инандыҡ. Алла – мөхәббәт. Мөхәббәттә йәшәүсе – Аллала, Алла унда булыр. Мөхәббәт беҙҙең арала камиллыҡҡа етте, шуға күрә ҡиәмәт көнөн беҙ ышаныс менән ҡаршыларбыҙ, сөнки Ғайса ниндәй булһа, беҙ ҙә был донъяла шундайбыҙ. Мөхәббәттә ҡурҡыу юҡ, камил мөхәббәт ҡурҡыуҙы ҡыуа. Ҡурҡыу яза менән бәйле, һәм кем ҡурҡа, ул мөхәббәттә камиллыҡҡа өлгәшмәгән әле. Беҙ яратабыҙ, сөнки беренсе булып беҙҙе Алла яратты. Әгәр берәү: «Мин Алланы яратам», – тиһә, ә үҙе имандашын күрә алмаһа, ул – ялғансы. Үҙе күреп торған имандашын яратмаған кеше күрмәгән Алланы ярата алмай. Алла беҙгә: «Алланы яратҡан кеше үҙенең туғанын да яратһын», – тип бойорҙо. Ғайсаның Мәсих булыуына инанған һәр кем Алланан тыуған. Атаны яратҡан һәр кем Унан тыуған баланы ла ярата. Беҙ Алланы яратҡанда һәм Уның бойороҡтарын үтәгәндә Алланың балаларын да яратҡаныбыҙҙы беләбеҙ. Алланы яратыуыбыҙ – Уның бойороҡтарын үтәүебеҙ ул. Ә Уның бойороҡтары ауыр түгел, сөнки Алланан тыуған һәр кем донъяны еңә. Донъяны еңеүгә беҙ иманыбыҙ арҡаһында өлгәштек. Кем донъяны еңә һуң? – Ғайсаның Алла Улы булыуына инаныусылар ғына. Ул, Ғайса Мәсих, Үҙенең сумдырылыу һыуы һәм үлеменең ҡаны аша килгән. Һыу аша ғына түгел, ә һыу һәм ҡан аша килгән. Был хаҡта Рух шаһитлыҡ ҡыла, сөнки Рух – хәҡиҡәт ул. Өс шаһит бар: Рух, һыу һәм ҡан. Улар өсөһө лә бер үк төрлө шаһитлыҡ ҡыла. Беҙ кешеләр шаһитлығын ҡабул итәбеҙ, ә Алланың шаһитлығы бөйөгөрәк: был бит Алланың Улы тураһында биргән шаһитлығы. Алла Улына инанған кешенең үҙендә ошо шаһитлыҡ бар. Аллаға инанмаған кеше Уны ялғансы итеп күрһәтә, сөнки ул кеше Алланың Үҙ Улы хаҡында биргән шаһитлығына ышанмаған. Был шаһитлыҡ шунан ғибәрәт: Алла беҙгә мәңгелек тормош бирҙе, һәм беҙ был тормошто Уның Улы аша алабыҙ. Үҙендә Алланың Улы булған кешенең тормошо бар, Үҙендә Алла Улы юҡтың тормошо юҡ. Мин быны һеҙгә, Алла Улына инаныусыларға, үҙегеҙҙең мәңгелек тормошоғоҙ барлығын белегеҙ, тип яҙҙым. Беҙҙең шуға тулы ышанысыбыҙ бар: Алланың ихтыяры буйынса нимә генә һораһаҡ та, Ул беҙҙе ишетә. Нимә генә һораһаҡ та, Уның ишетеүен беләбеҙ икән, һорағаныбыҙҙы алырыбыҙҙы ла беләбеҙ. Әгәр берәй кеше имандашының үлемгә килтермәгән гонаһ ҡылғанын күрһә, уның өсөн доға ҡылһын, һәм Алла уның имандашына йәшәү бирәсәк. Быны мин үлемгә килтермәгән гонаһ ҡылыусылар хаҡында әйтәм. Үлемгә килтереүсе гонаһ бар: был гонаһ өсөн доға ҡылығыҙ, тимәйем. Һәр яуызлыҡ – гонаһ, әммә һәр гонаһ үлемгә килтермәй. Алланан тыуған кешеләрҙең гонаһ ҡылмағанын беҙ беләбеҙ. Алланан тыуған Улан уларҙы һаҡлай һәм Иблис уларға ҡағыла алмай. Беҙ – үҙебеҙҙең Алланан булыуыбыҙҙы, ә бөтә донъяның Иблис хакимлығы аҫтында булғанын беләбеҙ. Беҙ Алланың Улы килгәнен һәм хаҡ Алланы таныр өсөн беҙгә аң биргәнен дә беләбеҙ. Һәм беҙ – хаҡ Аллала, Уның Улы Ғайса Мәсихтә. Ул – хаҡ Алла һәм мәңгелек тормош. Балаларым, ялған илаһтарҙан һаҡланығыҙ. Берҙәмлек өлкәненән Алла һайлап алған һәм мин ихлас яратҡан ханымға һәм уның балаларына. Һеҙҙе мин генә түгел, хәҡиҡәтте танып белгәндәрҙең барыһы ла ярата, сөнки хәҡиҡәт беҙҙә йәшәй һәм мәңге беҙҙең менән ҡаласаҡ. Атабыҙ Алланан һәм Уның Улы Ғайса Мәсихтән бирелгән мәрхәмәт, шәфҡәт һәм именлек хәҡиҡәттә һәм мөхәббәттә беҙҙең менән булһын. Һинең балаларың араһында, беҙгә Ата бойорғанса, хәҡиҡәт юлында булыусыларҙы тапҡаныма бик ҡыуандым. Хәҙер, ханым, мин һиңә бойороҡтоң яңыһын түгел, ә баштан уҡ беҙ ҡабул иткәнен яҙам һәм үтенәм: бер-беребеҙҙе яратайыҡ. Мөхәббәт – ул Алла бойороҡтарын үтәп йәшәү. Һеҙ баштан уҡ ишеткән бойороҡ ана шул, һәм һеҙ шуның буйынса йәшәргә тейеш. Донъяла Ғайса Мәсихтең кеше тәнендә килеүен инҡар иткән ялғансылар күбәйеп китте. Ундайҙар – алдаҡсы һәм Мәсихтең дошмандары. Хеҙмәт ҡылып тапҡанығыҙҙы юғалтмаҫ, әммә әжерегеҙҙе тулыһынса алыр өсөн, һаҡ булығыҙ. Мәсихтең тәғлимәтен тотмаған һәм унан ситкә тайпылған кешелә Алла юҡ. Мәсих тәғлимәтенә тоғро кеше иһә Ата менән дә, Уның Улы менән дә берҙәм йәшәй. Әгәр ҙә һеҙгә берәү килһә, ләкин был тәғлимәтте алып килмәһә, ул кешене өйөгөҙҙә ҡабул итмәгеҙ һәм уға сәләм бирмәгеҙ. Сәләмләгән кеше уның яуыз эштәренә ҡушылған булыр. Һеҙгә яҙа торған һүҙҙәрем күп, әммә ҡағыҙ һәм ҡара аша мөрәжәғәт итергә теләмәйем. Ә ҡыуанысыбыҙ тулы булһын өсөн, янығыҙға барып, һеҙҙең менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшергә өмөтләнәм. Алла һайлап алған ҡыҙ туғаныңдың балалары һине сәләмләйҙәр. Берҙәмлек өлкәненән – мин ысын күңелдән яратҡан ҡәҙерле Гайға. Ҡәҙерле дуҫым, йәнең менән сәләмәт булған кеүек, тәнең менән дә иҫән-һау һәм һәр яҡлап уңышлы булыуың өсөн доға ҡылам. Имандаштарҙың килеп һинең хәҡиҡәткә тоғролоғоң хаҡында шаһитлыҡ итеүҙәренә мин бик шатландым. Һинең хәҡиҡәттә йөрөүең хаҡ бит. Минең өсөн балаларымдың хәҡиҡәттә йәшәүен ишетеүҙән дә ҙурыраҡ шатлыҡ юҡтыр. Ҡәҙерле дуҫым, имандаштарың хаҡында ҡайғыртыуың, хатта уларҙы шәхсән белмәһәң дә, һинең тоғролоғоңдо күрһәтә. Һинең мөхәббәтең тураһында улар имандаштар берҙәмлеге алдында шаһитлыҡ ҡылды. Уларға сәйәхәттәрен дауам итергә Алла хупларлыҡ итеп ярҙам күрһәтеп ебәрсе. Сөнки улар Ғайса хаҡына юлға сыға, ә мәжүсиҙәрҙән бер нәмә лә ҡабул итмәйҙәр. Тимәк, хәҡиҡәт хаҡына бергә эшләй алыуыбыҙ өсөн, беҙ ундай кешеләргә ярҙам итергә тейешбеҙ. Мин имандаштар берҙәмлегенә ҡайһы бер нәмәләр яҙҙым, әммә араларында беренселекте тоторға яратҡан Диотрефес беҙҙе тыңларға теләмәй. Шуға күрә, янығыҙға барһам, уның ҡылған эштәрен иҫемә төшөрөп һөйләрмен. Ул беҙҙең хаҡта яман һүҙҙәр таратып ҡына ҡалмай, имандаштарҙы үҙе ҡабул итмәй, ә ҡабул итергә теләүселәргә ҡамасаулай, хатта берҙәмлектән ҡыуып ебәрә. Ҡәҙерле дуҫым! Яуызлыҡты өлгө итеп алма, яҡшылыҡҡа эйәр. Яҡшылыҡ ҡылыусылар – Алланан, яуызлыҡ ҡылыусы иһә Алланы күрмәгән. Демитриус хаҡында бөтәһе лә яҡшы һүҙҙәр генә һөйләй, хәҡиҡәт үҙе лә уның яғында. Шулай уҡ беҙ ҙә ошо хаҡта шаһитлыҡ ҡылабыҙ, һәм һин беҙҙең шаһитлығыбыҙҙың дөрөҫ булғанын беләһең. Минең һиңә әйтергә теләгән һүҙҙәрем күп, әммә уларҙы ҡара һәм ҡәләм менән яҙырға теләмәйем. Тиҙҙән һинең менән күрешергә өмөтләнәм, шунда күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшербеҙ. Именлек һиңә! Һине дуҫтар сәләмләй. Дуҫтарыбыҙҙың һәр береһенә айырым сәләм әйт. Ғайса Мәсихтең хеҙмәтсеһе, Яҡуптың ҡустыһы Йәһүҙәнән Атабыҙ Алла тарафынан яратып саҡырып алынғандарға, Ғайса Мәсихтең ҡурсалауында булғандарға: Алланың шәфҡәте, именлеге һәм мөхәббәте һеҙгә мул бирелһен! Һөйөклөләрем! Һеҙгә үҙебеҙҙең уртаҡ ҡотҡарылыуыбыҙ хаҡында яҙырға бик теләһәм дә, Алланың изге халҡына бер тапҡыр һәм ғүмерлеккә бирелгән иманды яҡлап алып ҡалығыҙ, тип үтенеүҙе кәрәк таптым. Арағыҙға аҫтыртын ғына ҡайһы бер аллаһыҙ әҙәмдәр килеп инде. Улар, үҙҙәренең аҙғынлыҡтарын аҡлау өсөн, Аллабыҙҙың мәрхәмәтен боҙоп күрһәтә һәм шуның менән берҙән-бер Хакимыбыҙ һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте инҡар итә. Уларҙың хөкөм ителәсәге Изге Яҙмала күптән әйтелгән. Быларҙың барыһын да белһәгеҙ ҙә, хәтерегеҙгә төшөрөргә теләйем: Раббы халыҡты Мысырҙан алып сығып ҡотҡарһа ла, араларындағы Уға ышанмаған кешеләрҙе аҙаҡ һәләк иткән. Һәм дә үҙҙәренә бирелгән хакимлыҡты һаҡламаған, торлаҡтарын ташлап киткән фәрештәләрҙе лә Ул бөйөк көндә хөкөм итеү өсөн, мәңгелек бығауҙарға быуып, дөм ҡараңғыла һаҡ аҫтында тота. Ошо фәрештәләр кеүек, фәхешлеккә, енси аҙғынлыҡҡа бирелгән Содом, Ғамора һәм улар тирәһендәге бүтән ҡалалар халҡы ла, ғибрәтле миҫал булараҡ, мәңгелек ут язаһын алған. Шуның һымаҡ был кешеләр ҙә, күргән күренмештәренә таянып, тәндәрен таплай, ә Раббы хакимлығын инҡар итә һәм күктәге көстәргә яла яға. Хатта баш фәрештә Михаил, Мусаның кәүҙәһе хаҡында Иблис менән бәхәсләшкәндә, Иблисте яла яғыуҙа ғәйепләргә ҡыймай, «Һине Раббы тыйһын», – тип кенә ҡуя. Был әҙәмдәр иһә үҙҙәре лә белмәгән нәмәләргә яла яға. Бына шулай аңһыҙ хайуандар кеүек тәбиғи тойғоға ғына эйәреп эш итеүҙәре уларҙы һәләк итә. Ҡайғы уларға, сөнки улар Ҡабил юлынан китте. Билғамдың аҡса хаҡына яңылыш юлын улар ҙа ҡабатланы, Ҡорах кеүек үк фетнә сығарып һәләк булды. Был кешеләр – һеҙҙең мөхәббәтле табындарығыҙҙа уңайһыҙланыу белмәй, үҙҙәрен генә ҡайғыртып ултырыусылар. Улар – ел ҡыуып йөрөткән ямғырһыҙ болоттар. Улар – уңыш йыйыр мәлдә емеш бирмәй торған, ике тапҡыр үлгән, тамыры менән ҡуптарылған көҙгө ағастар. Улар – хурлыҡлы эштәре менән күбекләнгән дауыллы диңгеҙ тулҡындары. Улар – йыһанда аҙашып йөрөгән йондоҙҙар, уларҙы мәңгелек дөм ҡараңғылыҡ көтә. Ханох, Әҙәм быуынындағы етенсе кеше, улар тураһында пәйғәмбәрлек ҡылып былай тигән: «Бына Үҙенең иҫәпһеҙ-һанһыҙ изгеләре менән Раббы килер. Ул бөтөнөһөн хөкөм итер, үҙҙәренең ҡылған динһеҙ эштәре менән Уға ҡаршы торған бөтә динһеҙҙәрҙе һәм динһеҙ гонаһлыларҙы Уға ҡаршы әйткән әҙәпһеҙ һүҙҙәрендә фашлар». Был әҙәмдәр, яҙмыштарына зарланып, туҡтауһыҙ һуҡрана, аҙғын теләктәре буйынса ғәмәл ҡылып, үҙҙәре тураһында яңғырауыҡлы һүҙҙәр һөйләй һәм үҙ файҙалары хаҡына бүтәндәргә ярамһаҡлана. Ә һеҙ, һөйөклөләрем, Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең илселәренең юрап әйткән һүҙҙәрен иҫкә алығыҙ. Улар һеҙгә: «Ваҡыт аҙағында үҙҙәренең аҙғын теләктәре буйынса ғәмәл ҡылған битһеҙ әҙәмдәр барлыҡҡа киләсәк», – тине. Был кешеләр бүленеүҙәрҙең сәбәбе булып тора һәм нәфселәренә буйһона. Уларҙа Изге Рух юҡ. Ә һеҙ, һөйөклөләрем, үҙ тормошоғоҙҙо изгеләрҙән-изге иманығыҙ нигеҙендә ҡороп, йәшәүегеҙҙе дауам итегеҙ, Изге Рух көсө менән доға ҡылығыҙ. Үҙенең мәрхәмәте менән һеҙгә мәңгелек тормош бирәсәк Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте көтөп, Алла һөйөүендә ҡалығыҙ. Икеләнгәндәргә мәрхәмәтле булығыҙ. Башҡаларын уттан тартып алғандай ҡотҡарығыҙ. Ҡалғандарына мәрхәмәт күрһәтегеҙ, әммә һаҡ булығыҙ. Уларҙың хатта тәне нәжесләгән кейемдәре лә һеҙҙең өсөн харам һәм ерәнгес булһын. Һеҙҙе тура юлдан тайпылыуҙан һаҡлай алған һәм Үҙенең шөһрәте алдына кәмселекһеҙ килеш һәм ҙур ҡыуаныс менән килтерә алған Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша беҙҙе ҡотҡарыусы берҙән-бер Аллаға донъя яратылғанға тиклем, хәҙер һәм мәңгегә дан, мөһабәтлек, ҡөҙрәт һәм хакимлыҡ булһын. Амин. Был – Ғайса Мәсихкә бирелгән асылыш һүҙе. Тиҙҙән ниҙәр булырға тейешлеген үҙенең ҡолдарына күрһәтеү өсөн, Алла уны фәрештәһе аша Үҙенең ҡоло Яхъяға тапшырҙы. Яхъя үҙе күргәндәрҙең барыһын – Алла һүҙе һәм Ғайса Мәсихтең күрһәтеп һөйләгәндәре хаҡында шаһит булараҡ бәйән итә. Был пәйғәмбәрлек һүҙҙәрен уҡыған һәм тыңлаған, унда яҙылғандарҙы үтәгән кешеләр бәхетле, сөнки ул һүҙҙәрҙең ғәмәлгә ашыу ваҡыты яҡынлашты. Яхъянан Асия өлкәһендәге ете имандаштар берҙәмлегенә: Бар, Булған һәм Киләсәк Заттан, Уның тәхете алдында тороусы ете рухтан һәм тоғро шаһит, үленән беренсе булып терелгән, ерҙәге батшаларҙың Башлығы Ғайса Мәсихтән һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек булһын! Беҙҙе яратҡан, Үҙенең ҡаны аша гонаһтарыбыҙҙан ҡотолдорған һәм беҙҙе батшалыҡ итергә һәм ҡаһиндар булып Аллаға – Үҙенең Атаһына хеҙмәт итергә ҡуйған Ғайсаға мәңгенән-мәңгегә дан һәм ҡөҙрәт булһын. Амин. Бына Ул болоттар араһында килер, Уны һәр кем, хатта Үҙен сәнскән кешеләр ҙә күрер. Ерҙәге бар халыҡтар Уның алдында үкһеп илар. Шулай булыр. Амин. «Мин – Альфа һәм Омега, – ти Раббы Аллабыҙ, Бар, Булған һәм Киләсәк Зат, сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе». Мин Ғайсаның ғазап сигеүен, батшалығын һәм сыҙамлығын уртаҡлашыусы имандашығыҙ Яхъямын, Алла һүҙе һәм Ғайса хаҡында шаһитлыҡ иткәнем өсөн Патмос тип аталған утрауға ебәрелгәйнем. Раббы көнөндә мине Изге Рух солғап алды һәм артымда борғо эсенән сыҡҡандай көслө тауыш ишеттем. – Күргәндәреңдең барыһын да китап итеп яҙып, имандаштарҙың ете берҙәмлегенә ебәр: Эфесҡа ла, Смурнаға ла, Пергамға ла, Түәтейраға ла, Сардисҡа ла, Филаделфеяға ла, Лаодикеяға ла, – тине ул. Миңә өндәшеүсене күрергә тип артыма боролғас, ете алтын шәмдәл тороуын күрҙем. Шәмдәлдәр араһында оҙон кейем кейгән һәм күкрәгенә тиклем алтын билбау быуған әҙәм улына оҡшаған Берәүҙе күреп ҡалдым. Уның башындағы сәстәре хәс тә аҡ йөн, аҡ ҡар. Күҙҙәре гүйә утлы ялҡын, аяҡтары, әйтерһең, мейестә ҡыҙған ялтыр баҡыр, тауышы – шарлауыҡ шауы. Уң ҡулында уның ете йондоҙ, ә ауыҙынан ике яғы ла үткер ҡылыс сығып тора. Йөҙө иһә бар ҡөҙрәте менән балҡып торған ҡояштай. Мин, Уны күргәс, үле һымаҡ аяҡтарына йығылдым. Ә Ул уң ҡулын миңә ҡуйҙы ла былай тине: – Ҡурҡма! Мин – Тәүге һәм Һуңғы, һәм Теремен. Үлгәйнем, әле бына мәңгенән-мәңгегә йәшәйем. Үлем һәм үлеләр донъяһы асҡыстары – Минең ҡулымда. Шулай итеп, ниҙәр күргәнеңде, хәҙер ниҙәр барлығын һәм бынан һуң ниҙәр буласағы тураһында яҙ. Һин күргән ете алтын шәмдәлдең һәм уң ҡулымда күргән ете йондоҙҙоң сере шунда: ете йондоҙ – имандаштарҙың ете берҙәмлегенең фәрештәләре, ә ете шәмдәл – имандаштарҙың ете берҙәмлеге ул. Эфестағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Уң ҡулында ете йондоҙ Тотоусы һәм ете алтын шәмдәл араһында Йөрөүсе былай ти: Эштәреңде, ауыр хеҙмәтеңде, сыҙамлылығыңды һәм яуыз әҙәмдәрҙе яратмағаныңды беләм. Һин, Мәсих илсеһе булмаһалар ҙа, үҙҙәрен илсе тип атағандарҙы һынап, уларҙы ялғансы тип таптың. Һинең сыҙам икәнлегеңде беләм, Минең исемем хаҡына күпте кисерһәң дә, аяҡтан йығылманың. Әммә һиңә ҡарата ризаһыҙлығым бар: һин башта булған һөйөүеңде оноттоң. Шуға ла ниндәй бейеклектән түбән төшөүеңде иҫеңә төшөр һәм, тәүбә итеп, элекке эштәреңде башҡар. Тәүбә итмәһәң, яныңа килермен һәм шәмдәлеңде урынынан ҡуҙғатырмын. Ә инде Николаус яҡлыларҙың эштәренә нәфрәтләнеүең яҡшы, ул эштәргә Мин дә нәфрәтлемен. Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен. Еңгән кешегә Мин Алла ожмахында булған тормош ағасынан ауыҙ итергә мөмкинлек бирермен». Смурналағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Тәүге һәм Һуңғы, Үлгән һәм терелеп Торған былай ти: Һинең хәсрәттәреңде һәм фәҡирлегеңде беләм, әммә һин бай! Үҙҙәрен йәһүд тип атаусыларҙың һине хурлауҙарын да беләм. Асылда улар йәһүдтәр түгел, ә Иблис йыйыны. Алда үҙең кисерәсәк бер нәмәнән дә ҡурҡма. Һеҙҙе һынар өсөн арағыҙҙан ҡайһы берҙәрегеҙҙе Иблис төрмәгә ырғытасаҡ һәм ун көн буйы һеҙ хәсрәт күрәсәкһегеҙ. Үлгәнгә тиклем тоғро бул, һәм һиңә тормош тажы бирермен. Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен. Еңгән кеше икенсе үлемдән бер ниндәй ҙә зыян күрмәҫ». Пергамдағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Ике яғы ла үткер ҡылысы булған Зат былай ти: Һинең ҡайҙа йәшәүеңде беләм – унда Иблис тәхете тора. Һин Миңә булған иманыңда ныҡ тораһың. Һеҙҙә, Иблис йәшәгән ерҙә, тоғро шаһитым Антипас үлтерелгән көндәрҙә лә Миңә булған иманыңдан ваз кисмәнең. Әммә һиңә ҡарата ҡайһы бер ҡаршылығым бар: һеҙҙең арала Билғам тәғлимәте яҡлылар бар, ә ул иһә үҙ мәлендә, ялған илаһтарға ҡорбан итеп килтерелгән ризыҡты ашаһындар һәм фәхешлек ҡылһындар өсөн, Балаҡты исраилдарҙы гонаһ юлына этәрергә өйрәткән. Шулай уҡ һиндә Николаус яҡлыларҙың тәғлимәтен тотоусылар ҙа бар. Тәүбә ит. Юғиһә тиҙҙән яныңа килермен һәм ауыҙымдағы ҡылыс менән уларға ҡаршы көрәшермен. Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен. Еңгән кешегә серле майҙә һәм аҡ таш бирермен. Ул ташта иһә уны алыусынан башҡа һис кем белмәгән яңы исем яҙылған булыр». Түәтейралағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Күҙҙәре ут ялҡыны кеүек һәм аяҡтары баҡыр һымаҡ ялтырап торған Алла Улы былай ти: Һинең эштәреңде лә, мөхәббәтеңде, хеҙмәтеңде, иманыңды һәм сыҙамлылығыңды ла беләм. Һуңғы башҡарған эштәреңдең тәүгеләренә ҡарағанда яҡшыраҡ икәнлеген дә беләм. Әммә һиңә ҡарата ризаһыҙлығым бар: үҙен пәйғәмбәр тип атап, фәхешлеккә һәм ялған илаһтарға ҡорбан ителгән ризыҡты ашарға өйрәтеп йөрөгән Изевел исемле ҡатынға Минең ҡолдарымды гонаһҡа этәреүгә юл ҡуяһың. Мин уға фәхешлегенән тәүбә ҡылырға тип ваҡыт бирҙем, әммә ул тәүбә итергә теләмәй. Инде Мин уны ҡаты ауырыу түшәгенә һалырмын, ә уның менән зина ҡылыусыларҙы, ҡылыҡтарынан баш тартмаһалар, ҙур ҡайғыға дусар итермен. Уның балаларын үлем менән юҡҡа сығарасаҡмын. Шул саҡта кешенең уй-тойғоларын һынағанымды бөтә берҙәмлектәрҙә лә белерҙәр. Барығыҙға ла эшегеҙгә ҡарата тейешлеһен бирермен. Түәтейрала йәшәгән башҡаларға шуны әйтәм: һеҙгә, был тәғлимәтте тотмаған һәм „Иблистең тәрән серҙәре“ тип аталған нәмәләргә төшөнөп тормағандарға, бынан башҡа ауырлыҡ һалмам. Тик Мин килгәнгә тиклем үҙегеҙҙә булғанды һаҡлағыҙ. Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен». Сардистағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Үҙендә Алланың ете рухы һәм ете йондоҙо булған Зат былай ти: Һинең эштәреңде беләм – һинең турала тереһең тип әйтәләр, ләкин һин үле. Уяу бул һәм үлем сигенә еткән, әммә әлегә үҙеңдә ҡалған нәмәләрҙе нығыт, сөнки Аллам алдында тамамланған эштәреңде күрмәйем. Нимә ҡабул иткәнеңде һәм нимә ишеткәнеңде иҫеңә төшөр, уларҙы үтә һәм тәүбә ит. Әгәр уяу булмаһаң, Мин һине ҡараҡ кеүек көтмәгәндә килеп табырмын, ә һин ҡайһы сәғәттә килеремде белмәҫһең. Әйткәндәй, һинең Сардиста кейемдәрен бысратмаған бер нисә кешең бар, улар Минең менән аҡ кейем кейеп йөрөйәсәк, сөнки быға лайыҡтар. Еңгән кеше аҡ кейем кейәсәк, һәм Мин уның исемен тормош китабынан һыҙмаясаҡмын, Атам һәм Уның фәрештәләре алдында уның исемен танырмын. Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен». Филаделфеялағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Ҡулында Дауыт асҡысы булған Изге һәм Хаҡ Зат – Ул асһа, бер кем яба алмаясаҡ, япһа, бер кем аса алмаясаҡ – былай ти: Һинең эштәреңде беләм, бына Мин һинең алдыңда ишек астым һәм уны һис кем яба алмаясаҡ. Беләм, һинең көсөң аҙ, әммә Минең һүҙемде тоттоң, исемемдән ваз кисмәнең. Иблис йыйынынан булғандарҙы, үҙҙәрен йәһүд тип атағандарҙы – асылда улар йәһүд түгел, ә ялғансылар – Мин аяғыңа йығылырға мәжбүр итермен һәм шул саҡта улар һине һөйгәнемде белерҙәр. Сыҙамлыҡ кәрәклеге тураһында Минең әйткән һүҙҙәремде һаҡлап тотҡанға күрә, ерҙә йәшәүселәрҙе һынар өсөн бөтә йыһанға киләсәк һынауҙан Мин дә һине һаҡлап ҡалырмын. Тиҙҙән килермен. Тажыңды бер кем дә тартып алмаһын өсөн, үҙеңдә булғанды ныҡ тот. Еңгән кешене Мин Аллам йортоноң бағанаһы итеп ҡуйырмын һәм ул инде унан сыҡмаҫ. Уның өҫтөнә Алламдың исемен һәм күктән, Алламдан төшәсәк ҡаланың – Йәрүсәлимдең яңы исемен һәм Үҙемдең яңы исемемде яҙырмын. Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен». Лаодикеялағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Амин тип аталған Зат, тоғро һәм хаҡ Шаһит, Алла булдырған нәмәләрҙең Сығанағы, былай ти: Эштәреңде беләм, һин һалҡын да, ҡайнар ҙа түгел, их, әгәр һин һалҡын йәки ҡайнар булһаң! Һин ҡайнар ҙа, һалҡын да түгел, ә йылымыс ҡына булғанлыҡтан, һине ауыҙымдан төкөрөп сығарам. Һин: „Мин – бай, күп байлыҡ тупланым, бер нәмәгә лә мохтажлығым юҡ“, – тиһең. Әммә үҙеңдең ни тиклем бәхетһеҙ, меҫкен, фәҡир, һуҡыр һәм яланғас булыуыңды аңламайһың. Һиңә Минән байыр өсөн утта таҙартылған алтын, яланғаслығыңдың мәсхәрәһе асылмаһын өсөн кейергә аҡ кейем һәм күҙҙәрең күрһен өсөн һөртөргә күҙ майы һатып алырға кәңәш итәм. Мин Үҙем яратҡан һәр кемгә үпкә белдерәм һәм тәртипкә өйрәтәм. Шуға күрә сәмсел бул һәм тәүбә ит. Бына Мин ишек төбөндә шаҡып торам. Берәйһе тауышымды ишетеп ишек асһа, уның янына инермен һәм беҙ бергә ашарбыҙ: Мин – уның менән, ә ул – Минең менән. Мин еңеп Атам менән бергә Уның тәхетенә ултырған кеүек, еңгән кешегә Мин дә Үҙемдең янымда тәхеттән урын бирермен. Рухтың берҙәмлектәргә әйткән һүҙҙәрен ҡолаҡтары барҙар ишетһен». Шунан һуң күрәм: ана күктә ишек асыҡ һәм унан әлеге борғонан сыҡҡандай көслө тауыш миңә былай тине: – Бында күтәрел. Мин һиңә ошоларҙан һуң булырға тейешле нәмәләрҙе күрһәтермен. Шул мәлдә үк мине рух солғап алды. Бына мин күктә торған тәхетте һәм тәхеттә Ултырыусыны күрҙем. Ул йәшмә һәм сердолик ташы кеүек балҡый ине, тәхетте зөбәржәт төҫөндәге йәйғор уратып алған. Тәхетте уратып егерме дүрт тәхет тора, ул тәхеттәрҙә аҡ кейемле, баштарына алтын таж кейгән егерме дүрт аҡһаҡал ултыра. Тәхет яғынан йәшен йәшнәй, гөрһөлдәгән һәм күк күкрәгән тауыштар килә. Ә тәхет алдында Алланың ете рухы булған ете яҡтыртҡыс янып тора. Тәхет ҡаршыһында гәлсәргә оҡшаған быяла диңгеҙ һымаҡ нәмә бар. Тәхеттең тирә-яғында дүрт йән эйәһе тора. Уларҙы алдан да, арттан да бик күп күҙҙәр ҡаплап алғайны. Йән эйәләренең беренсеһе – арыҫланға, икенсеһе үгеҙ быҙауға оҡшаған, өсөнсөһөнөң йөҙө кешенеке һымаҡ һәм дүртенсеһе осоп барған бөркөт кеүек ине. Һәр йән эйәһенең дә алтышар ҡанаты бар, бөтә яғынан да – эсенән дә, тышынан да күҙҙәр менән ҡапланған. Улар көнөн дә, төнөн дә тынғы белмәй: – Мөҡәддәс, мөҡәддәс, мөҡәддәс! Булған, Бар һәм Киләсәк сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Алла! – тип ҡабатлай. Йән эйәләре тәхеттә Ултырыусыға, мәңгенән-мәңгегә Йәшәүсегә дан, хөрмәт һәм рәхмәт белдергән һайын, егерме дүрт аҡһаҡал, тәхет алдына йөҙтүбән ҡапланып, мәңгенән-мәңгегә Йәшәүсегә табына һәм, таждарын тәхет алдына һалып ҡуйып, былай тиҙәр: – Раббы Аллабыҙ, Һин дан, хөрмәт һәм ҡөҙрәт ҡабул итергә лайыҡлыһың, сөнки бар нәмәне Һин яраттың, барыһы ла Һинең ихтыярың менән бар ителде һәм булды. Унан һуң мин тәхеттә Ултырыусының уң ҡулында эсе лә, тышы ла яҙыулы, ете мисәт һуғылған төргәк китап күрҙем. Шулай уҡ: – Мисәттәрен алып, төргәк китапты асырға кем лайыҡлы? – тип яңғырауыҡлы тауыш менән ҡысҡырған ҡөҙрәтле фәрештәне күрҙем. Әммә күктә лә, ерҙә лә, ер аҫтында ла был төргәк китапты бер кем дә аса һәм эсен ҡарай алманы. Уны асырға һәм эсен ҡарарға лайыҡлы кеше табылмағанға мин бик ныҡ иланым. Шунда аҡһаҡалдарҙың береһе миңә былай тине: – Илама. Бына, Йәһүҙә нәҫеленән булған Арыҫлан, Дауыт тамырынан үҫеп сыҡҡан Һабаҡ еңеп сыҡты, төргәк китаптың ете мисәтен ҡуптарып, уны аса алыр. Шунан һуң мин дүрт йән эйәһе уратып алған тәхет һәм аҡһаҡалдар араһында торған Бәрәсте күрҙем. Ул салынған һымаҡ ине. Уның ете мөгөҙө һәм ете күҙе бар. Былары иһә – Алланың бөтә ергә ебәрелгән ете рухы. Бәрәс, килеп, тәхеттә ултырыусының уң ҡулындағы төргәк китапты алды. Ул төргәк китапты алғас, дүрт йән эйәһе һәм егерме дүрт аҡһаҡал Бәрәс алдына йөҙтүбән ҡоланы. Уларҙың һәр береһендә арфа һәм хуш еҫтәр ҡушылмаһы – йәғни изгеләрҙең доғалары тултырылған алтын туҫтаҡ ине. Улар яңы йыр йырланы: – Һин төргәк китапты алырға, уның мисәттәрен ҡуптарырға лайыҡлыһың. Сөнки Һин ҡорбан итеп салындың, Үҙеңдең ҡаның менән һәр ҡәбиләнән, халыҡтан, милләттән, төрлө телдәрҙә һөйләшеүселәрҙән кешеләрҙе Алла өсөн йолоп алдың. Уларҙы, Аллабыҙға хеҙмәт итеү өсөн, батшалыҡ һәм ҡаһиндар иттең, улар ерҙә хакимлыҡ итәсәк. Мин йән эйәләре һәм аҡһаҡалдар тәхете тирәһендә бик күп фәрештәләр күрҙем. Улар меңдәрсә меңәр, иҫәпһеҙ-хисапһыҙ күп ине. Улар яңғырауыҡлы тауыш менән былай тине: – Салынған Бәрәс ҡөҙрәт һәм байлыҡ, тәрән аҡыл һәм ҡеүәт, хөрмәт һәм дан, һәм дә маҡтау алырға лайыҡ. Күктә һәм ерҙә, ер аҫтында һәм диңгеҙҙә барлыҡ яратылғандарҙы күрҙем һәм унда булған бөтә нәмәнең: – Тәхеттә Ултырыусыға һәм Бәрәскә маҡтау, хөрмәт, дан һәм ҡөҙрәт мәңгенән-мәңгегә булһын, – тип әйтеүҙәрен ишеттем. Дүрт йән эйәһе: – Амин, – тиҙәр ине, аҡһаҡалдар иһә йөҙтүбән ҡапланып сәждә ҡылдылар. Унан һуң мин Бәрәстең мисәттәрҙең береһен ҡуптарғанын күрҙем һәм йән эйәләренең береһенең күк күкрәгәндәй тауыш менән: – Кил! – тип әйтеүен ишеттем. Ҡараным да аҡ ат күрҙем. Атҡа ҡулына йәйә тотҡан һыбайлы атланғайны, уға таж бирелде. Һыбайлы еңеүсе булараҡ, еңеү өсөн сыҡты. Бәрәс икенсе мисәтте ҡуптарып алғас, икенсе йән эйәһенең: – Кил! – тип әйткәнен ишеттем. Хәҙер инде бер ерән ат килеп сыҡты. Уның һыбайлыһына, кешеләр бер-береһен үлтерһендәр өсөн, ерҙәге тыныслыҡты алырға вәкәләт бирелде. Уға ҙур ҡылыс тотторолдо. Бәрәс өсөнсө мисәтте ҡуптарғас, мин өсөнсө йән эйәһенең: – Кил! – тип әйткәнен ишеттем. Ҡараным да ҡара ат күрҙем. Өҫтөндәге һыбайлы ҡулына үлсәү тотҡайны. Дүрт йән эйәһе араһынан уға өндәшкән тауыш ишеткәндәй булдым: – Бер үлсәм бойҙай өсөн – бер көнлөк эш хаҡы, шулай уҡ өс үлсәм арпа өсөн дә – бер көнлөк эш хаҡы. Әммә зәйтүн майына һәм шарапҡа зыян итмә. Бәрәс дүртенсе мисәтте ҡуптарып алғас, дүртенсе йән эйәһенең: – Кил! – тигән тауышын ишеттем. Ҡараным да күкһел төҫтәге ат күрҙем. Уның һыбайлыһының исеме «Үлем» ине, артынан үлеләр донъяһы эйәргәйне. Уларға кешеләрҙе ҡылыс һәм аслыҡ, үләт һәм йыртҡыстар менән үлтерер өсөн ерҙең дүрттән бер өлөшөнә хакимлыҡ бирелде. Бәрәс бишенсе мисәтте ҡуптарып алғас, ҡорбан усағы аҫтында Алла һүҙе һәм дә биргән шаһитлыҡтары өсөн үлтерелгәндәрҙең йәндәрен күрҙем. Улар яңғырауыҡлы тауыш менән: – Һин, изге һәм хаҡ Хаким, ерҙә йәшәүселәрҙе хөкөм итмәүең һәм ҡаныбыҙ өсөн үс алмауың ҡасанға ҡәҙәр дауам итер икән? – тинеләр. Шунан уларҙың һәр береһенә аҡ кейем бирелде һәм улар кеүек үк үлтереләсәк хеҙмәттәштәренең һәм имандаштарының һаны тулғанға тиклем тағы бер аҙ тыныс ҡына көтөргә ҡушылды. Аҙаҡ мин Бәрәстең алтынсы мисәтте ҡуптарып алғанын күрҙем: көслө итеп ер тетрәне, ҡояш матәм кейеме кеүек ҡарайҙы, ай ҡан кеүек ҡыҙарҙы. Күктәге йондоҙҙар, инжир ағасының өлгөрмәгән емештәре көслө елдән ҡойолған кеүек ергә атылды. Күк йөҙө төргәк китап кеүек йомарланып юҡҡа сыҡты. Бөтә тауҙар һәм утрауҙар урындарынан ҡуҙғатылды. Ерҙәге батшалар, түрәләр, ғәскәр башлыҡтары, байҙар, ҡеүәтлеләр, барыһы ла – ҡолдар ҙа, иреклеләр ҙә мәмерйәләрҙә һәм тауҙарҙағы ҡаялар араһында йәшеренде. Улар тауҙарға һәм ҡаяларға былай тип өндәштеләр: – Өҫтөбөҙгә ауып төшөгөҙ һәм беҙҙе тәхеттә Ултырыусының йөҙөнән һәм Бәрәстең нәфрәтенән йәшерегеҙ! Уларҙың бөйөк нәфрәт көнө килде. Быға кем ҡаршы тора алһын? Шунан һуң мин ерҙең дүрт мөйөшөндә торған дүрт фәрештәне күрҙем. Улар, ергә лә, диңгеҙгә лә, бер генә ағасҡа ла иҫмәһен өсөн, ерҙең дүрт елен тотоп торалар ине. Мин тағы көнсығыштан күтәрелгән һәм ҡулында тере Алла мисәте тотҡан икенсе фәрештәне лә күрҙем. Ул ергә һәм диңгеҙгә зыян килтерергә вәкәләт бирелгән дүрт фәрештәгә көслө тауыш менән былай тине: – Беҙ Алла ҡолдарының маңлайҙарына мисәт һуҡҡанға тиклем ергә лә, диңгеҙгә лә, ағастарға ла зыян килтермәгеҙ. Мин мисәт һуғылған кешеләрҙең һанын ишеттем. Йөҙ ҙә ҡырҡ дүрт мең кешегә мисәт һуғылғайны; улар бөтә Исраил ырыуҙары араһынан ине: Йәһүҙә нәҫеленән мисәт һуғылған ун ике мең кеше; Рәүвән нәҫеленән ун ике мең; Ғад нәҫеленән ун ике мең; Ашер нәҫеленән ун ике мең; Нафтали нәҫеленән ун ике мең; Менашше нәҫеленән ун ике мең; Шимғон нәҫеленән ун ике мең; Леви нәҫеленән ун ике мең; Исасхар нәҫеленән ун ике мең; Зевулун нәҫеленән ун ике мең; Йософ нәҫеленән ун ике мең; Бинйәмин нәҫеленән ун ике мең кеше. Шунан һуң ҡараным да бихисап күп халыҡты күрҙем. Уларҙы һис кем һанап сыға алмаҫ ине. Һәр милләттән һәм ҡәбиләнән, һәр халыҡтан һәм төрлө телдәрҙә һөйләшеүселәрҙән сыҡҡан был кешеләр аҡ кейем кейеп, ҡулдарына хөрмә ботаҡтары тотоп, тәхет һәм Бәрәс алдында баҫып торалар ине. Улар көслө тауыш менән: – Ҡотолоу тәхеттә ултырған Алланан һәм Бәрәстән килә! – тип әйтә ине. Тәхет, аҡһаҡалдар, шулай уҡ дүрт йән эйәһе тирәһендәге бөтә фәрештәләр, тәхет алдына йөҙтүбән ҡапланып, Аллаға сәждә ҡылдылар. Улар: – Амин! Аллабыҙға маҡтау һәм дан, тәрән аҡыл һәм рәхмәт, хөрмәт, ҡөҙрәт һәм ҡеүәт мәңгенән-мәңгегә булһын! Амин, – тинеләр. Ошо мәлдә аҡһаҡалдарҙың береһе минән: – Аҡ кейемле был кешеләр кемдәр һәм ҡайҙан килгәндәр? – тип һораны. Мин уға: – Һин беләһең, әфәндем, – тинем. Ул миңә былай тине: – Улар оло ҡайғы-хәсрәт кисереп килгәндәр. Кейемдәрен Бәрәстең ҡаны менән йыуып ағартҡандар. Шуға күрә улар Алла тәхете алдында тора, көнө-төнө Уның йортонда Уға хеҙмәт итә. Тәхеттә Ултырыусы улар өҫтөндә Үҙенең һаҡлаусы сатырын ҡороп ҡуйыр. Улар инде бер ҡасан да асыҡмаҫ та, һыуһамаҫ та, бүтән үҙҙәрен ҡояш та, селлә лә көйҙөрмәҫ. Тәхет уртаһындағы Бәрәс уларға Көтөүсе булыр, тере һыулы шишмәләргә алып барыр, Алла уларҙың күҙендәге һәр тамсы йәште һөртөр. Бәрәс етенсе мисәтте ҡуптарып алғас, күктә сама менән ярты сәғәткә тынлыҡ урынлашты. Мин Алла алдында баҫып торған ете фәрештәне күрҙем: уларға ете борғо бирелде. Тағы бер фәрештә, ҡулына хуш еҫле сайыр һалынған алтындан яһалған төтәҫләү һауыты тотоп, тәхет алдындағы хуш еҫ төтәтә торған ҡорбан усағы ҡаршыһына килеп баҫты. Унда Алланың бөтә изгеләренең доғалары менән бергә хуш еҫле сайырҙы һалды. Аллаға изгеләрҙең доғалары менән бергә фәрештә һалған сайыр төтөнө күтәрелде. Фәрештә төтәҫләгесте алды ла, уға ҡорбан усағынан ут тултырып, ергә ташланы. Шул ваҡыт күк күкрәне, гөрһөлдәгән тауыштар ишетелде, йәшен йәшнәне, ер тетрәне. Ете борғоһо булған ете фәрештә борғо ҡысҡыртырға әҙерләнде. Беренсе фәрештә борғоһон ҡысҡыртты – ҡан ҡатыш боҙ һәм ут хасил булды һәм улар ергә ырғытылды. Ерҙең – өстән бер, ағастарҙың өстән бер өлөшө һәм барлыҡ йәшел үлән янып бөттө. Икенсе фәрештә борғо ҡысҡыртты – ялҡынланып торған ҙур тауға оҡшаған нәмә диңгеҙгә ырғытылды. Диңгеҙҙең өстән бер өлөшө ҡанға әүерелде һәм диңгеҙҙә йәшәүсе йән эйәләренең өстән бер өлөшө һәләк булды, шулай уҡ караптарҙың да өстән бер өлөшө ҡырылды. Өсөнсө фәрештә борғо ҡысҡыртты – йылғаларҙың өстән бер өлөшөнә һәм һыу сығанаҡтарына күктән, янып торған яҡтыртҡыстай, ҙур йондоҙ төштө. Ул йондоҙҙоң исеме – Әрем. Һыуҙың өстән бер өлөшө әрем кеүек әсегә әйләнде. Һыу әсе булғанлыҡтан, күптәр үлде. Дүртенсе фәрештә борғо ҡысҡыртты – ҡояштың өстән бер өлөшө, айҙың өстән бер өлөшө, йондоҙҙарҙың өстән бер өлөшө зарарланды, шунлыҡтан улар өстән бер өлөшкә ҡараңғыланды, көндөң өстән бер өлөшө лә төндөң өстән бер өлөшө кеүек үк яҡтылыҡһыҙ ҡалды. Шунан мин күк йөҙөндә осоп барған бөркөттө күрҙем. Ул көслө тауыш менән: – Ҡалған өс фәрештә тиҙҙән ҡысҡыртасаҡ борғо тауышынан ерҙә йәшәүселәргә ҡайғы, ҡайғы, ҡайғы! – тип ҡысҡырҙы. Бишенсе фәрештә борғо ҡысҡыртты – һәм мин күктән ергә атылған йондоҙҙо күрҙем. Уға упҡын ҡоҙоғона асҡыс бирелде. Йондоҙ упҡын ҡоҙоғон асып ебәрҙе, унан бик ҙур мейестән сыҡҡан кеүек төтөн күтәрелде. Был төтөндән ҡояш менән һауа ҡараңғыланды. Төтөндән ергә саранчалар сыҡты, һәм уларға ерҙәге саяндарҙыҡы һымаҡ сағыу һәләте бирелде. Уларға ер өҫтөндәге үләнгә, бер ниндәй ҙә йәшеллеккә, ағастарға зыян килтермәҫкә, фәҡәт маңлайҙарына Алла мисәте һуғылмаған кешеләргә генә зарар эшләргә ҡушылды. Уларға кешеләрҙе үлтермәҫкә, ә биш ай буйы бары тик ғазапларға рөхсәт бирелде, һәм был ғазап саян саҡҡандағы кеүек була. Ул көндәрҙә кешеләр үлем эҙләр, әммә тапмаҫ. Бик ныҡ үлергә теләрҙәр, тик үлем уларҙан ҡасыр. Саранчалар иһә ҡиәфәте буйынса яуға әҙерләнгән атҡа оҡшаған. Уларҙың баштарында алтын тажға оҡшаған нәмә бар, ә йөҙҙәре – кешенекеләй, сәстәре – ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы һымаҡ, ә тештәре – арыҫлан тешендәй. Өҫтәрендә тимер һарайтаға оҡшаған күкрәксәләре бар, ә ҡанаттарының тауышы, әйтерһең, һуғыш арбалары егелгән бик күп аттарҙың тояҡ тауышы. Уның саяндыҡы һымаҡ ҡойроҡтары ла, ҡойроҡтарында ҡаяуҙары ла бар. Был ҡойроҡтарҙа биш ай буйы кешеләргә зыян килтереү көсө тупланғайны. Саранчаларҙың батшаһы иһә – упҡын фәрештәһе. Уның йәһүдсә исеме – Абаддон, ә грекса – Аполлуон. Беренсе ҡайғы үтте. Бына уның артынан тағы ике ҡайғы килә. Алтынсы фәрештә борғо ҡысҡыртты – Алла алдында торған, алтындан яһалған ҡорбан усағының дүрт мөгөҙөнән сыҡҡан бер тауыш ишеттем. Ул тауыш борғоһо булған алтынсы фәрештәгә: – Бөйөк Евфрат йылғаһы буйында бәйле торған дүрт фәрештәне азат ит, – тине. Шунан һуң кешеләрҙең өстән бер өлөшөн үлтерер өсөн ошо сәғәткә һәм көнгә, айына һәм йылына тиклем әҙерләп ҡуйылған дүрт фәрештә азат ителде. Уларҙың атлы ғәскәренең һаны ике йөҙ миллион ине, мин уларҙың иҫәбен ишеттем. Мин аттарҙы һәм һыбайлыларҙы ошолай күрҙем: өҫтәренә уттай ҡыҙыл, ҡуйы зәңгәр һәм көкөрт кеүек һарғылт төҫтәге күкрәксәләр кейгәйнеләр. Аттарҙың башы арыҫлан башына оҡшағайны, ауыҙҙарынан ут, төтөн һәм көкөрт бөркөлөп тора ине. Кешеләрҙең өстән бер өлөшө уларҙың ауыҙынан сыҡҡан ошо өс ҡазанан: уттан, төтөндән һәм көкөрттән үлтерелде. Аттарҙың көсө уларҙың ауыҙҙарында һәм ҡойроҡтарында ине, ҡойроҡтары йыландарға оҡшаш һәм баштары ла бар ине, улар ошо баштары менән кешеләргә зыян килтерҙе. Ошо бәлә-ҡазаларҙан үлмәй ҡалған кешеләр үҙҙәре ҡылған эштәргә тәүбә итмәне. Улар яуыз рухтарға һәм күрә лә, ишетә лә, йөрөй ҙә алмаған алтын, көмөш, баҡыр, таш һәм ағас һындарға табыныуҙан ваз кисмәне. Был кешеләр үлтереү, сихырсылыҡ, фәхешлек, урлашыуҙан тәүбәгә килмәнеләр. Шунан һуң мин күктән төшкән икенсе ҡөҙрәтле фәрештәне күрҙем. Ул болотҡа төрөнгәйне. Уның баш өҫтөндә йәйғор балҡый, йөҙө ҡояш кеүек, аяҡтары утлы бағана һымаҡ ине. Ҡулына бәләкәй генә төргәк китапты асып тотҡан. Ул уң аяғы менән – диңгеҙгә, һул аяғы менән ергә баҫып, арыҫландыҡы һымаҡ көслө тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе. Ул ҡысҡырғас, ете күк күкрәү, тауыш биреп, һөйләй башланылар. Ете күк күкрәү һөйләп туҡтағас, мин уларҙың һөйләгәнен яҙып алырға уйланым, әммә күктән үҙемә өндәшкән тауышты ишеттем: – Ете күк күкрәүенең нимәләр һөйләгәнен мисәт аҫтына йәшер һәм яҙма. Диңгеҙҙә һәм ерҙә баҫып торған мин күргән фәрештә уң ҡулын күккә күтәрҙе лә күкте һәм унда булған һәр нәмәне, ерҙе һәм унда булған һәр нәмәне, диңгеҙҙе һәм унда булған һәр нәмәне яратҡан Мәңге Йәшәүсе менән ант итте: – Тотҡарлау башҡа булмаясаҡ. Етенсе фәрештә борғоһон ҡысҡыртырға әҙер булған мәлдә, Алла Үҙ ҡолдарына – пәйғәмбәрҙәргә иғлан иткәнсә, Уның сере ғәмәлгә ашҡан булыр. Унан һуң мин күктән ишеткән тауыш тағы былай тип өндәште: – Бар, диңгеҙҙә һәм ерҙә торған фәрештәнең ҡулынан асылған төргәк китапты ал. Фәрештә янына килдем дә шул ҙур булмаған төргәк китапты миңә биреүен һораным. Фәрештә миңә: – Ал да уны аша. Ашҡаҙаныңа бик әсе булыр, әммә ауыҙыңда бал кеүек татлы булыр, – тине. Мин фәрештәнең ҡулынан шул бәләкәй генә төргәк китапты алып ашаным. Ауыҙымда бал кеүек татлы ине, әммә ашап бөтөүгә ашҡаҙаным әсетеп янды. Унан һуң миңә: – Һин тағы күп халыҡтар, милләттәр, телдәр һәм батшалар тураһында пәйғәмбәрлек итергә тейешһең, – тинеләр. Миңә үлсәү таяғы һымаҡ ҡамыш бирелде һәм былай тип әйтелде: – Бар ҙа Алла йортон һәм ҡорбан усағын үлсә, ундағы табыныусыларҙы һанап сыҡ. Әммә Алла йортоноң тышҡы ихатаһын хисапҡа индермә һәм үлсәмә, сөнки ул мәжүсиҙәргә бирелгән. Улар изге ҡаланың урамдарын ҡырҡ ике ай буйы тапап йөрөрҙәр. Мин Үҙемдең ике шаһитыма шундай вәкәләт бирермен: улар, матәм кейемдәре кейеп, бер мең ике йөҙ алтмыш көн буйы пәйғәмбәрлек итерҙәр. Был шаһиттар – бөтә ер Хужаһы алдында торған ике зәйтүн ағасы һәм ике шәмдәл. Кем дә булһа уларға яуызлыҡ ҡылырға ниәтләһә, ауыҙҙарынан ут сығып, дошмандарын йотор. Уларға зыян килтерергә ниәтләгән һәр кеше шулай һәләк булырға тейеш. Уларҙың, пәйғәмбәрлек иткән ваҡытта ергә ямғыр яумаһын тип, күкте ҡаплап ҡуйырға вәкәләттәре бар. Һыуҙы ҡанға әйләндерергә лә, үҙҙәре теләгән ваҡытта ергә һәр төрлө бәлә-ҡазалар ебәреп зыян килтерергә лә вәкәләттәре бар. Шаһитлыҡ итеүҙәрен тамамлағас, упҡындан януар күтәрелеп сығып, улар менән алышыр, уларҙы еңер һәм үлтерер. Был ике шаһиттың кәүҙәһе исеме кинәйәләп аталған Содом һәм Мысыр тип аталған бөйөк ҡала урамдарында ятыр. Уларҙың Раббыһы шунда арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған булған да инде. Был мәйеттәргә өс көн ярым буйы төрлө халыҡтарҙан, ҡәбиләләрҙән, төрлө телдәрҙә һөйләшеүселәрҙән һәм милләттәрҙән булған кешеләр ҡараясаҡ. Ул мәйеттәрҙе ҡәбергә һалырға рөхсәт итмәҫтәр. Был ике пәйғәмбәр ерҙә йәшәүселәрҙе ыҙалатҡанлыҡтан, ерҙә йәшәүселәр уларҙың һәләкәтенә шатланасаҡ, күңел асасаҡтар һәм бер-береһенә бүләктәр ебәрәсәк. Әммә өс көн ярымдан һуң уларға Алланан йәшәү рухы инде һәм улар аяҡтарына баҫты. Уларҙы күргәндәрҙе оло ҡурҡыу алды. Шаһиттар күктән көслө тауыштың: – Бында күтәрелегеҙ, – тип әйтеүен ишеттеләр. Улар болотта күккә күтәрелде, ә дошмандары уларға ҡарап торҙо. Шул уҡ мәлдә бик көслө итеп ер тетрәне, ҡаланың ундан бер өлөшө емерелде, ер тетрәүҙән ете мең кеше үлде, ә ҡалғандары, бик ныҡ ҡурҡып, Күк Аллаһын данланы. Икенсе ҡайғы үтте, тиҙҙән өсөнсөһө килер. Етенсе фәрештә борғоһон ҡысҡыртты һәм күктә: – Донъя өҫтөнән хәҙер Раббыбыҙ һәм Уның Мәсихе батшалыҡ итә башланы. Ул мәңгенән-мәңгегә батшалыҡ итәсәк! – тигән көслө тауыштар яңғыраны. Шунда үҙ тәхеттәрендә Алла алдында ултырған егерме дүрт аҡһаҡал, йөҙтүбән ҡапланып, Аллаға сәждә ҡылды һәм былай тине: – Бар, Булған, сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Алла, Һиңә шөкөр итәбеҙ, сөнки Һин Үҙеңдең бөйөк ҡөҙрәтеңде ғәмәлгә ашырҙың, батшалыҡ итә башланың. Халыҡтар ярһыны. Әммә Һинең нәфрәт көнөң килде, үлеләрҙе хөкөм итеү ваҡыты етте. Ҡолдарыңа – пәйғәмбәрҙәреңә, изге кешеләреңә һәм исемеңдән ҡурҡҡан кесеһенән алып өлкәндәренә тиклем әжер биреү, ерҙе һәләк иткәндәрҙең үҙҙәрен һәләк итеү ваҡыты етте. Шунан һуң күктә Алла йорто асылды һәм унда Килешеү һандығы күренде. Шул мәл йәшен йәшнәне, гөрһөлдәгән тауыштар ишетелде, күк күкрәне, ер тетрәне һәм бик көслө боҙлауыҡ яуҙы. Күктә бөйөк илаһи билдә күренде: был – ҡояшҡа төрөнгән ҡатын ине. Уның аяҡ аҫтында – ай, башында – ун ике йондоҙҙан үрелгән таж. Ҡатын ғоманлы булып, бала тыуҙырыу ғазаптарынан һәм һыҙланыуҙан ҡысҡыра ине. Күктә тағы бер илаһи билдә күренде: был ете башлы һәм ун мөгөҙлө ҡыҙыл төҫтәге ҙур аждаһа ине, башының һәр береһендә – бәләкәй генә таж. Ҡойроғо менән күктәге йондоҙҙарҙың өстән бер өлөшөн ергә һепереп алып ташланы. Шунан һуң, сабый тыуғас та уны ашар өсөн, балаһын бына-бына табасаҡ ҡатын янына килеп баҫты. Ҡатын бөтә халыҡтар өҫтөнән тимер таяҡ менән хакимлыҡ итергә тейешле ир бала тыуҙырҙы. Баланы тартып алып, Аллаға һәм Уның тәхете янына алып киттеләр. Ә ҡатын сүллеккә ҡасты. Унда Алла тарафынан урын әҙерләнеп ҡуйылғайны һәм уға мең ике йөҙ алтмыш көн буйы хәстәрлек күрһәтергә тейештәр ине. Күктә һуғыш башланды: Михаил үҙенең фәрештәләре менән аждаһаға ҡаршы һуғышты. Аждаһа иһә үҙенең яуыз фәрештәләре менән уларға ҡаршы торҙо. Әммә ул еңелде һәм фәрештәләре менән бергә үҙенең күктәге урынын юғалтты. Был ҙур аждаһа, Иблис йәки Шайтан тип аталған бөтә донъяны алдаусы боронғо йылан, ергә бәреп төшөрөлдө, уның менән бергә фәрештәләре лә ырғытылды. Шунан һуң мин күктән көслө тауыш ишеттем. Ул былай тине: – Аллабыҙҙың ҡотҡарыуы, ҡөҙрәте килде. Бына Уның Батшалығы килде, Уның Мәсихенең хакимлығы урынлашты! Көнө-төнө Аллабыҙ алдында имандаштарыбыҙҙы ғәйепләүсе бәреп төшөрөлдө. Имандаштарыбыҙ уны Бәрәс ҡаны, Уның хаҡындағы шаһитлыҡ һүҙҙәре менән еңде, хатта үлемдән дә ҡурҡманылар, үҙҙәренең йәндәрен аяманылар. Эй күктәр һәм унда йәшәгәндәр, ҡыуанығыҙ! Әммә ергә һәм диңгеҙгә ҡайғы, сөнки Иблис, ваҡытының аҙ ҡалыуын белеп, ҡаты асыу менән ярһып һеҙгә төштө. Аждаһа, үҙенең ергә бәреп төшөрөлгәнен күргәс, ир бала тапҡан ҡатынды ҡыуа башланы. Үҙенә тип сүлдә әҙерләнгән урынға осһон өсөн, ҡатынға ҙур бөркөттөң ҡанаттары бирелде. Йыландың буйы етмәгән был урында ҡатынға бер йыл, ике йыл һәм ярты йыл буйы хәстәрлек күрһәтеләсәк. Йылан, ҡатынды һыу ағыҙып алып китһен өсөн, ауыҙынан тотош йылға ағыҙып сығарҙы. Әммә ер ҡатынға ярҙам итте: ул асылып китте лә аждаһа кикереп сығарған йылғаны йотто. Аждаһаның ҡатынға асыуы ҡабарҙы, һәм ул уның Алла бойороҡтарын үтәгән, Ғайса хаҡында шаһитлыҡ биргән ҡалған балаларына ҡаршы һуғышырға китте. Аждаһа диңгеҙ ярындағы ҡомлоҡҡа килеп баҫты. Шунда мин диңгеҙҙән сығып килгән януарҙы күрҙем. Уның ете башы һәм ун мөгөҙө булып, мөгөҙҙәрендә ун таж бар ине; баштарына Алланы хурлаған исемдәр яҙылғайны. Мин күргән януар ҡапланға оҡшағайны, ә аяҡтары – айыуҙыҡы, ауыҙы арыҫландыҡы һымаҡ ине. Аждаһа уға үҙенең көсөн, тәхетен һәм ҙур хакимлығын бирҙе. Мин был януарҙың баштарының береһе үлемесле дәрәжәлә яраланғанын күрҙем, әммә был яра уңалды. Ер өҫтөндәгеләрҙең барыһы ла ғәжәпкә ҡалып уны күҙәтте һәм, януарға хакимлығын биргән өсөн, аждаһаға баш эйҙе. Шулай уҡ: – Кем януар кеүек була алһын? Кем уның менән алыша алһын? – тип януарға ла баш эйҙеләр. Януарға тәкәббер һөйләшергә һәм Алланы хурлаған һүҙҙәр әйтергә хоҡуҡ бирелде. Уға ҡырҡ ике ай буйы хакимлыҡ итергә мөмкинлек бирелде. Ул Алланы хурлаған һүҙҙәр һөйләй башланы, Уның исемен дә, Ул йәшәгән торлаҡты ла, күктә йәшәүселәрҙе лә хурлаған һүҙҙәр әйтте. Януарға Алланың изге кешеләренә ҡаршы һуғышырға һәм уларҙы еңергә рөхсәт бирелде. Уға һәр ҡәбилә һәм халыҡ, һәр телдә һөйләшеүселәр һәм милләт өҫтөнән хакимлыҡ бирелде. Салынған Бәрәстең тормош китабына донъя яратылғанға тиклем исемдәре яҙылмаған ерҙә йәшәгәндәрҙең һәммәһе лә ошо януарға баш эйәсәк. Ҡолаҡтары барҙар – ишетһен! Кемгә әсир төшөргә яҙған, ул әсир төшөр. Кемгә үлемен ҡылыстан табырға яҙған, ул ҡылыстан үлер. Бында изгеләрҙән сыҙамлыҡ һәм иман талап ителә. Аҙаҡ мин ерҙән сығып килгән икенсе януарҙы күрҙем. Уның бәрәстеке һымаҡ ике мөгөҙө бар һәм ул аждаһа кеүек һөйләй ине. Ул, беренсе януар исеменән уның бөтә хакимиәте менән эш итеп, ерҙе һәм унда йәшәгәндәрҙе үлемесле яраһы уңалған беренсе януарға табынырға мәжбүр итте. Был януар бөйөк мөғжизәләр башҡарҙы, хатта кешеләр алдында күктән ергә ут яуҙырҙы. Ул, беренсе януар исеменән ҡылырға бирелгән мөғжизәләр менән ерҙә йәшәүселәрҙе алдаштырып, уларға ҡылыстан яраланған, әммә тере ҡалған януар һынын яһарға ҡушты. Беренсе януарҙың һыны хатта һөйләй алһын һәм уға табынмаған һәр кем үлемгә дусар ителһен өсөн, икенсе януарға ошо һынға йән индерергә рөхсәт ителде. Икенсе януар барыһының да: ябай халыҡтың һәм бөйөктәрҙең, байҙарҙың һәм фәҡирҙәрҙең, иреклеләрҙең һәм ҡолдарҙың уң ҡулдарына йәки маңлайҙарына тамға һалдырҙы. Ошо тамғаһы, йәғни януар исеме, йәки исеменең һаны булмаған бер кем дә бер нәмә лә һатып та ала алманы, һата ла алманы. Бында зирәклек кәрәк. Аҡылы булған кеше януарҙың һанын иҫәпләп сығарһын, сөнки ул – кеше һаны. Был һан – алты йөҙ алтмыш алты. Шунан мин ҡараным да Сион тауында Бәрәс, уның менән бергә маңлайҙарында Бәрәстең исеме һәм Уның Атаһының исеме яҙылған йөҙ ҙә ҡырҡ дүрт мең кеше торғанын күрҙем. Мин күктән шарлауыҡ тауышына һәм көслө күк күкрәүенә оҡшаған тауыш ишеттем. Был тауыш арфасыларҙың арфала уйнаған тауышы кеүек ине. Тәхет, дүрт йән эйәһе һәм аҡһаҡалдар алдында яңы йыр йырланды. Ул йырҙы ерҙән ҡотҡарып алынған йөҙ ҡырҡ дүрт мең кешенән башҡа бер кем дә өйрәнә алманы. Улар – бер тапҡыр ҙа ҡатын-ҡыҙ менән булмаған, шул арҡала сафлыҡтарын һаҡлап ҡалған кешеләр. Улар – Бәрәс ҡайҙа барһа, Уның артынан шунда барыусылар. Улар барлыҡ кешелек араһынан ҡотҡарып алынды һәм Алла менән Бәрәскә беренселәрҙән булып бағышланды. Уларҙың ауыҙынан ялған сыҡманы, улар кәмселекһеҙ ине. Шунан һуң мин күк йөҙөндә осоп барған тағы бер фәрештәне күрҙем. Уның ерҙә йәшәүсе һәр милләткә һәм ҡәбиләгә, һәр телдә һөйләшеүселәргә һәм халыҡҡа еткереү өсөн мәңгелек Һөйөнөслө Хәбәре бар ине. Ул көслө тауыш менән: – Алланан ҡурҡығыҙ һәм Уны данлағыҙ, сөнки Уның хөкөм сәғәте килде. Күкте, ерҙе, диңгеҙҙе, һыу сығанаҡтарын Яратыусыға табынығыҙ! – тине. Уның артынан килгән икенсе фәрештә былай тине: – Бөйөк Бабил емерелде, емерелде, сөнки ул бөтә халыҡтарҙы ла үҙенең ярһыу фәхешлек шарабын эсергә мәжбүр иткән. Уларҙың артынан килгән өсөнсө фәрештә көслө тауыш менән былай тине: – Кем януарға һәм уның һынына табына, үҙенең маңлайына йәки ҡулына януар тамғаһы ҡабул итә, Алланың нәфрәт туҫтағында әҙерләнгән шыйыҡлатылмаған ярһыу шарабын эсәсәк, изге фәрештәләр һәм Бәрәс алдында ут һәм көкөрт эсендә ғазапландырыласаҡ. Уларҙың ғазап төтөнө мәңгенән-мәңгегә күтәреләсәк. Януарға һәм уның һынына табынған, уның исем тамғаһын ҡабул иткән һәр кем көндөҙ ҙә, төндә лә ғазаптан тынғы күрмәйәсәк. Бында Алла бойороғон үтәгән һәм Ғайсаға инанған изге кешеләрҙең сыҙам булыуы кәрәк. Мин күктән үҙемә өндәшкән тауышты ишеттем: – Яҙып ҡуй: «әлеге мәлдән башлап Раббыныҡы булып үлгәндәр бәхетле». Эйе, улар үҙҙәренең ауыр хеҙмәттәренән ял итһендәр, сөнки эштәре уларҙан ҡалмай арттарынан барасаҡ, – ти Рух. Мин ҡараным да аҡ болот һәм болот өҫтөндә әҙәм улына оҡшаған Зат ултырғанын күрҙем. Уның башында алтын таж ине, ә ҡулына үткер ураҡ тотҡайны. Алла йортонан тағы бер фәрештә сығып, болот өҫтөндә Ултырыусыға көслө тауыш менән: – Урағыңды ал да ур, сөнки ураҡ ваҡыты етте, ерҙә уңыш өлгөрҙө, – тип ҡысҡырҙы. Шул саҡ болотта Ултырыусы Үҙенең урағын ер өҫтөнә ырғытты һәм ерҙә уңыш урылды. Күктәге Алла йортонан икенсе фәрештә сыҡты. Уның да үткер урағы бар ине. Ут өҫтөнән хакимлығы булған тағы бер фәрештә ҡорбан усағынан сыҡты. Ул үткер урағы булған фәрештәгә көслө тауыш менән: – Үҙеңдең үткер урағыңды ал да ер өҫтөндәге йөҙөм тәлгәштәрен йый, сөнки уның емештәре өлгөрҙө, – тип ҡысҡырҙы. Фәрештә үҙенең урағын ергә ырғытты ла, ер өҫтөндәге йөҙөмдө йыйып, Алланың ярһыулы йөҙөм һыҡҡысына ташланы. Ул йөҙөм ҡала эргәһендәге һыҡҡыста тапалды. Һыҡҡыстан аттың йүгәненә тиклем тәрәнлектәге бер мең алты йөҙ стадия оҙонлоҡта ҡан аҡты. Тағы ла мин күктә бөйөк һәм ғәжәйеп илаһи билдә – һуңғы ете бәлә-ҡазалы ете фәрештәне күреп ҡалдым. Былар – иң аҙаҡҡы бәлә-ҡазалар. Улар менән Алла ярһыуы тамамланасаҡ. Мин ут менән быяла ҡатнашҡан диңгеҙ һымаҡ нәмәне күрҙем. Быяла диңгеҙ өҫтөндә януарҙың үҙен, уның һынын һәм исеменең һанын еңеп сығыусылар тора ине, ҡулдарына Алланың арфаларын тотҡайнылар. Улар Алла ҡоло Мусаның һәм Бәрәстең йырын йырлайҙар ине: – Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Алла! Һинең эштәрең бөйөк һәм ғәжәп. Халыҡтар Батшаһы, Һинең юлдарың ғәҙел һәм хаҡ. Раббы! Һинән кем ҡурҡмаҫ та исемеңде кем данламаҫ? Бары Һин генә изгеһең, бөтә халыҡтар хозурыңа килерҙәр, улар Һиңә сәждә ҡылырҙар. Һинең ғәҙел эштәрең асылды. Бынан һуң мин күктә Алла йорто – Килешеү сатыры асылғанын күрҙем. Алла йортонан ете бәлә-ҡазаһы булған ете фәрештә сыҡты. Улар ялтырап торған тап-таҙа етен кейем кейгән һәм күкрәктәренән алтын билбау ураған. Дүрт йән эйәһенең береһе ете фәрештәгә мәңгенән-мәңгегә йәшәүсе Алланың нәфрәте тулы ете алтын туҫтаҡ бирҙе. Алла йорто Алланың шөһрәтенән һәм ҡөҙрәтенән төтөн менән тулды, һәм ете фәрештәнең ете бәлә-ҡазаһы тамамланмайынса, унда бер кем инә алманы. Шунан һуң Алла йортонан ете фәрештәгә: – Барығыҙ һәм Алланың ете нәфрәт туҫтағын ергә түгегеҙ, – тип өндәшкән көслө тауыш ишеттем. Беренсе фәрештә барҙы ла туҫтағын ер өҫтөнә түкте. Януар тамғаһы һалынған һәм уның һынына табынған кешеләрҙә ерәнгес һәм яман эренле йәрәхәттәр хасил булды. Икенсе фәрештә туҫтағын диңгеҙгә түкте: диңгеҙ һыуы үлек ҡаны кеүек булды һәм диңгеҙҙәге бөтөн тереклек һәләк булды. Өсөнсө фәрештә туҫтағын йылғаларға һәм һыу сығанаҡтарына түкте: уларҙың һыуы ҡанға әйләнде. Мин һыу фәрештәһенең былай тип әйткәнен ишеттем: – Бар, Булған һәм Изге, шулай хөкөм итеүең менән Һин ғәҙел. Изгеләрҙең һәм пәйғәмбәрҙәрҙең ҡанын ҡойғандары өсөн, Һин уларҙың үҙҙәренә ҡан эсерҙең. Улар быға лайыҡлы. Мин ҡорбан усағы яғынан тауыш ишеттем: – Эйе, сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Алла, Һинең хөкөмдәрең хаҡ һәм ғәҙел. Дүртенсе фәрештә туҫтағын ҡояш өҫтөнә түкте: ҡояшҡа кешеләрҙе көйҙөрөү көсө бирелде. Кешеләрҙе көслө селлә эҫелеге көйҙөрҙө, һәм улар был бәлә-ҡазалар өҫтөнән хакимлығы булған Алла исемен хурланылар, әммә тәүбә итмәнеләр, Алланы данламанылар. Бишенсе фәрештә туҫтағын януар тәхете өҫтөнә түкте: уның батшалығы ҡараңғылыҡҡа сумды, кешеләр ғазаптарҙан телдәрен тешләне, ғазаптарынан һәм йәрәхәттәренән Күк Аллаһын хурланылар, әммә ҡылған эштәренән тәүбә итмәнеләр. Алтынсы фәрештә туҫтағын бөйөк Евфрат йылғаһына түкте: ҡояш ҡалҡҡан яҡтан киләсәк батшаларға юл әҙер булһын өсөн, йылғаның һыуы кипте. Мин аждаһаның да, януарҙың да, ялған пәйғәмбәрҙең дә ауыҙынан баҡаға оҡшаған өс яуыз рух сыҡҡанын күрҙем. Улар – мөғжизәләр күрһәтеүсе яуыз рухтар. Улар бөтә донъя батшаларын сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алланың бөйөк көнөндә һуғышҡа йыйыр өсөн сыҡты. «Бына ҡараҡ кеүек көтмәгәндә киләм: яланғас йөрөмәҫ һәм хурлығы күренмәһен өсөн уяу торған һәм кейемдәрен тәртиптә тотҡан кеше бәхетле!» Шаҡшы рухтар батшаларҙы йәһүд телендә «Һармагеддон» тип аталған урынға йыйҙы. Етенсе фәрештә туҫтағын һауаға түкте: Алла йортонан, тәхеттән: – Тамамланды! – тигән көслө тауыш яңғыраны. Йәшен йәшнәне, тауыштар, күк күкрәүе ишетелде, көслө итеп ер тетрәй башланы, кешеләр ерҙә йәшәй башлағандан алып ундай көслө ер тетрәү булмағайны әле. Шул тиклем көслө ер тетрәү! Бөйөк ҡала өс өлөшкә бүленде һәм халыҡтарҙың ҡалалары емерелде. Шулай итеп, Алла бөйөк Бабил ҡалаһын иҫенә төшөрҙө һәм уға Үҙенең ярһыу нәфрәт туҫтағынан шарап эсергә бирҙе. Һәр утрау юҡҡа сыҡты, тауҙар юҡ булды, күктән кешеләр өҫтөнә ҙур-ҙур боҙ киҫәктәре яуҙы. Кешеләр был бәлә-ҡаза өсөн Алланы хурланы, сөнки ул ифрат ауыр ине. Ҡулдарында ете туҫтаҡ булған фәрештәләрҙең береһе яныма килеп былай тине: – Бында кил, мин һиңә ҙур һыуҙарҙа ултырған бөйөк фәхишәгә буласаҡ хөкөм язаһын күрһәтәм, уның менән ерҙәге батшалар фәхешлек итте, уның фәхешлек шарабын ерҙә йәшәүселәр иҫергәнсе эсеп ләззәтләнде. Мине Рух солғап алды, һәм фәрештә мине сүллеккә күсерҙе. Унда мин ҡып-ҡыҙыл януар өҫтөндә ултырған ҡатынды күрҙем. Януар ете башлы һәм ун мөгөҙлө ине һәм Алланы хурлаған исемдәр менән ҡапланғайны. Ҡатын шәмәхә һәм ҡып-ҡыҙыл төҫтәге кейемдәр кейгәйне, алтын, аҫылташтар һәм ынйы менән биҙәнгәйне, ҡулына үҙенең фәхешлегенең ерәнгеслеге һәм бысраҡлығы тулы алтын кәсә тотҡайны. Уның маңлайына «Бөйөк Бабил – ерҙәге фәхишәләрҙең һәм ерәнгес нәмәләрҙең әсәһе» тигән серле исем яҙылғайны. Мин ҡатындың изгеләр ҡанынан һәм Ғайсаның шаһиттары ҡанынан иҫергәнлеген күрҙем. Был күренешкә мин ныҡ ғәжәпләндем. Фәрештә миңә былай тине: – Нимәгә шулай ғәжәпләнәһең? Мин һиңә ҡатындың һәм уны йөрөтөүсе ете башлы һәм ун мөгөҙлө януарҙың серен аңлатып бирәм. Һин күргән януар бар ине, хәҙер ул юҡ. Әммә ул тиҙҙән упҡындан күтәрелеп сығасаҡ һәм һәләкәткә барасаҡ. Донъя яратылғандан бирле исемдәре тормош китабына яҙылмаған кешеләр януарҙы күреп ғәжәпләнәсәк, сөнки ул бар ине, хәҙер юҡ һәм йәнә буласаҡ. Бында зирәк аҡыл кәрәк. Ете баш – ҡатын ултырған ете тау, шулай уҡ ете батша ул. Ул батшаларҙың бишәүһе һәләк булды, береһе бар, етенсеһе әле килмәгән. Килгәс тә ул оҙаҡ булмаясаҡ. Булған һәм хәҙер булмаған януар – ул һигеҙенсе батша. Ул шулай уҡ ете батшаның берәүһе, һәм ул һәләкәткә бара. Һин күргән ун мөгөҙ – ун батша ул. Улар батшалыҡтарын әле алманы. Әммә януар менән бергә бер сәғәткә батшалар дәрәжәһендә хакимлыҡ аласаҡтар. Уларҙың уйҙары бер һәм януарға үҙҙәренең көстәрен һәм хакимлыҡтарын тапшырасаҡтар. Улар Бәрәс менән һуғышасаҡ. Бәрәс уларҙы еңәсәк, сөнки Ул – хакимдарҙың Хакимы һәм батшаларҙың Батшаһы. Уның менән бергә булғандар иһә – саҡырылғандар, һайлап алынғандар һәм тоғролар. Фәрештә миңә тағы былай тип һөйләне: – Һин күргән фәхишә ултырған һыуҙар – халыҡтар һәм төркөмдәр, милләттәр һәм төрлө телдәрҙә һөйләшеүселәр. Һин күргән ун мөгөҙ һәм януар фәхишәгә нәфрәт менән ҡараясаҡ һәм уны бөлгөнлөккә төшөрәсәк, яланғас ҡалдырасаҡ, уның тәнен ашаясаҡ һәм утта яндырасаҡ. Сөнки Алла был ун мөгөҙгә Үҙенең ихтыярын үтәү теләген күңеленә һеңдергән, шуға күрә, Алла һүҙе тормошҡа ашҡанға тиклем, улар януарға батшалыҡ хакимлығын берҙәм бирә. Һин күргән ҡатын – ерҙәге батшалар өҫтөнән батшалыҡ итеүсе бөйөк ҡала ул. Бынан һуң мин тағы бер фәрештәнең күктән төшөүен күрҙем. Уның хакимлығы бөйөк ине: шөһрәтенән ер яҡтырҙы. Ул көслө тауыш менән былай тип ҡысҡырҙы: – Бөйөк Бабил емерелде, емерелде! Ул ендәр төйәгенә һәм төрлө яуыз рухтар торлағына, нәжес ҡоштар, хәрәм һәм ерәнгес хайуандар ояһына әйләнде. Сөнки ул үҙенең ярһыу фәхешлек шарабын бөтә халыҡтарға эсерҙе, ерҙәге батшалар уның менән зина ҡылды, сауҙагәрҙәр самаһыҙ зиннәт-байлығынан байыны. Күктән мин тағы бер тауыш ишеттем: – Халҡым минең, Бабилдың гонаһтарында ҡатнашмаҫ һәм уның бәлә-ҡазаларына дусар булмаҫ өсөн, унан сыҡ. Уның гонаһтары инде өйкәлешеп, күккә тиклем ашты һәм Алла уның енәйәттәрен иҫенә төшөрҙө. Ул бүтәндәргә нисек булған булһа, һеҙ ҙә уға шулай яуап ҡайтарығыҙ, уның ҡылған эштәренә хаҡты икеләтә ҡайтарығыҙ, уның бүтәндәргә тип эсемлек әҙерләгән туҫтағында үҙенә икеләтә ҡеүәтле эсемлек әҙерләгеҙ. Ул үҙен күпме данлаһа һәм зиннәттә йәшәһә, уға шул тиклем ғазап һәм ҡайғы бирегеҙ, ул бит күңеленән генә: «Батшабикә булып ултырам, мин тол ҡатын түгел, ҡайғы күрмәйәсәкмен!» – ти. Шуның өсөн уға яза, үлем, илау, яланғаслыҡ бер көн эсендә киләсәк һәм ул утта яндырыласаҡ, сөнки уны хөкөм итеүсе Раббы Алла ҡөҙрәтле. Уның менән зина ҡылған һәм ләззәттә йәшәгән ерҙәге батшалар, уның яныуынан сыҡҡан төтөндө күреп, үкереп илаясаҡ һәм ҡайғырасаҡ. Уның ғазаптарынан ҡурҡып ситтәрәк баҫып торасаҡтар һәм: – Ҡайғы, ҡайғы һиңә, бөйөк ҡала! Эй Бабил, ҡеүәтле ҡала! Һиңә бер сәғәт эсендә хөкөм килде, – тип әйтәсәктәр. Ерҙәге сауҙагәрҙәр уның хаҡында ҡайғырып илаясаҡ, сөнки уларҙың тауарҙарын бер кем дә һатып алмаҫ, алтын һәм көмөш әйберҙәрен, аҫылташтарын һәм ынйыларын, нәфис етен һәм ебәк, ҡуйы ҡыҙыл һәм алһыу төҫтәге туҡымаларын, хуш еҫле ағас төрөн, фил һөйәгенән яһалған әйберҙәрен, ҡиммәтле ағастан, баҡырҙан, тимерҙән һәм мәрмәрҙән эшләнгән төрлө нәмәләрен, баҙыяндарын һәм аш тәмләткестәрен, хуш еҫтәр ҡушылмаһын, ладандарын, шараптарын һәм зәйтүн майҙарын, иң яҡшы ондарын һәм бойҙайҙарын, мал-тыуарын һәм һарыҡтарын, аттарын һәм арбаларын, тәндәре һәм йәндәре менән бергә ҡолдарын да алмаҫ. – Йәнең көҫәгән емештәрең юҡ хәҙер. Бөтә зиннәтлелегең һәм ҡупшылығың һине ташланы, улар бер ҡасан да табылмаҫ. Был тауарҙарҙың бөтөнөһө менән сауҙа итеүселәр һәм байыусылар, уның ғазаптарынан ҡурҡып, ҡайғырып илап ситтәрәк баҫып торасаҡ. Улар: – Ҡайғы, ҡайғы һиңә, эй бөйөк ҡала! Нәфис етен, ҡуйы ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл кейем кейер, алтын һәм аҫылташтар, ынйылар менән биҙәнер инең. Шундай байлығың бер сәғәттә юҡҡа сыҡты! – тип әйтәсәктәр. Диңгеҙҙә карап йөрөтөүселәр ҙә, караптарҙа йөҙөүселәрҙең бөтөнөһө лә, диңгеҙселәр ҙә, иңгеҙ кәсебенән файҙа күреүселәр ҙә ситтәрәк баҫып торҙо. Улар, ҡаланың яныуынан сыҡҡан төтөндө күреп: «Был бөйөк ҡалаға башҡа бер ҡала ла тиң түгел!» – тип ҡысҡырҙылар. Улар баштарына туҙан һибеп һәм ҡайғырып илап: – Ҡайғы, ҡайғы һиңә, эй бөйөк ҡала! Диңгеҙҙә караптары булған бөтәһе лә байлығың арҡаһында байыны. Инде һин бер сәғәттә харап булдың! – тинеләр. – Эй күк, уның хәленә ҡыуан, изгеләр, илселәр, пәйғәмбәрҙәр, шатланығыҙ, сөнки һеҙҙе ҡала нисек хөкөм итһә, Алла уны шулай хөкөм итте. Бынан һуң бер көслө фәрештә ҙур тирмән хәтле таш алып диңгеҙгә ташланы ла былай тине: – Бөйөк Бабил ҡалаһы бына шундай көс менән ырғытылыр һәм ул башҡаса табылмаҫ. Арфала уйнаусылар ҙа, йырлаусылар ҙа, һыбыҙғысылар ҙа, борғо ҡысҡыртыусылар ҙа ишетелмәҫ инде һиндә. Бүтәнсә бер генә һөнәрсе лә, бер генә һөнәр ҙә булмаҫ, тирмән ташының тауышы ла ишетелмәҫ. Яҡтыртҡыстың уты ла һиндә күренмәҫ, кейәү менән кәләш тауыштары ла инде бынан ары ишетелмәҫ. Сауҙагәрҙәрең ерҙә бөйөк булды, тылсымыңа бөтә халыҡтар ҙа алданды. Ул ҡалала пәйғәмбәрҙәрҙең һәм изгеләрҙең ҡаны, ерҙә үлтерелгәндәрҙең бөтәһенең ҡаны табылды. Бынан һуң мин күктән өндәшкән бик ҙур халыҡ төркөмөнән сыҡҡандай көслө тауыш ишеттем. Тауыш былай тине: – Раббыны маҡтағыҙ! Ҡотолоу ҙа, дан да, ҡөҙрәт тә – Аллабыҙҙыҡы! Уның хөкөмдәре хаҡ һәм ғәҙел, сөнки Ул үҙенең фәхешлеге менән ерҙе боҙоҡлоҡҡа килтергән бөйөк фәхишәне хөкөм итте һәм Үҙ ҡолдарының ҡаны өсөн унан үс алды. Бынан һуң күктән йәнә: – Раббыны маҡтағыҙ! – тип әйтелде. – Фәхишәнең яныуынан сыҡҡан төтөн мәңгенән-мәңгегә күтәрелә. Шул ваҡыт егерме дүрт аҡһаҡал һәм дүрт йән эйәһе йөҙтүбән ҡапланып: – Амин! Раббыны маҡтағыҙ! – тип, тәхеттә ултырыусы Аллаға баш эйҙеләр. Тәхеттән былай тип өндәшкән тауыш килде: – Алланың бөтә ҡолдары, Унан ҡурҡыусылар, ябайҙар һәм бөйөктәр, Аллабыҙҙы маҡтағыҙ! Мин бик күп халыҡтан сыҡҡан кеүек, шарлауыҡ тауышылай, көслө күк күкрәүендәй тауыш ишеттем. Ул былай тине: – Раббыны маҡтағыҙ! Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Аллабыҙ батшалыҡ итә башланы! Ҡыуанайыҡ һәм шатланайыҡ, Уға дан йырлайыҡ. Бәрәстең туйы килде, Уның кәләше әҙерләнеп бөттө. Кәләшкә кейер өсөн ялтырап торған нәфисаҡ етен туҡыманан таҙа кейем бирелде. Аҡ етен – изге кешеләрҙең тәҡүә эштәре ул. Фәрештә миңә былай тине: – Яҙып ҡуй: Бәрәстең туй мәжлесенә саҡырылғандар бәхетле. Тағы былай тине: – Был һүҙҙәр – Алланың хаҡ һүҙҙәре. Шунан һуң мин, баш эйер өсөн, уның аяҡтарына йығылдым, әммә ул миңә былай тине: – Ҡара уны, улай эшләмә! Мин – һинең һәм Ғайса тураһында шаһитлыҡ ҡылған имандаштарыңдың хеҙмәттәше. Аллаға баш эй! Ғайса хаҡындағы шаһитлыҡ Алла хәбәрен иғлан итеүселәрҙе рухландыра. Мин күктең асылыуын күрҙем. Унда аҡ ат бар ине һәм уның өҫтөндәге һыбайлыһын Тоғро һәм Хаҡ тип атайҙар ине. Уның хөкөм итеүе һәм һуғыш алып барыуы ғәҙел. Уның күҙҙәре – ут ялҡыны кеүек, ә башында – бик күп таждар. Уға Үҙенән башҡа бер кем белмәй торған исем яҙылған. Ул ҡанға батҡан кейем кейгән һәм Уның исеме – Алла Һүҙе. Уның артынан аҡ аттарға атланған аҡ, таҙа, нәфис етендән кейем кейгән күк ғәскәрҙәре эйәргән. Уның ауыҙынан халыҡтарға һуғыр өсөн үткер ҡылыс сығып тора, һәм улар өҫтөнән тимер таяҡ менән Ул Үҙе хакимлыҡ итәсәк. Ул, сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алланың ярһыулы нәфрәт шарабын әҙерләп, һыҡҡыста йөҙөм һығасаҡ. Уның кейемендә һәм янбашында: «Батшаларҙың Батшаһы һәм хакимдарҙың Хакимы» тигән исем яҙылған. Шунан һуң мин ҡояшта торған бер фәрештәне күрҙем. Ул, күк йөҙө буйлап осоусы бөтә ҡоштарға мөрәжәғәт итеп, көслө тауыш менән ҡысҡырҙы: – Осоп килегеҙ, Алланың бөйөк мәжлесенә йыйылығыҙ! Батшаларҙың һәм ғәскәр башлыҡтарының, көслөләрҙең, аттарҙың һәм уларҙың һыбайлыларының мәйеттәрен, бөтә иреклеләрҙең дә, ҡолдарҙың да, ябай кешеләрҙең дә, бөйөктәрҙең дә мәйеттәрен ашағыҙ. Шунда мин януарҙы, ерҙәге батшаларҙы һәм уларҙың ғәскәрҙәрен, атта Ултырыусыға һәм Уның ғәскәренә ҡаршы һуғышырға тип йыйылғандарын күрҙем. Ә януар һәм уның исеменән мөғжизәләр күрһәткән ялған пәйғәмбәр ҡулға алынды. Был ялған пәйғәмбәр януар тамғаһын ҡабул иткәндәрҙе, уның һынына табыныусыларҙы мөғжизәләр ярҙамында алдағайны. Улар икеһе лә янып торған көкөртлө күлгә тере көйө ырғытылды. Ә ҡалғандары атта Ултырыусының ауыҙынан сығып торған ҡылыс менән үлтерелде һәм барлыҡ ҡоштар уларҙың мәйетен ашап туйынды. Шунан һуң мин күктән төшөп килгән фәрештәне күрҙем. Уның ҡулында упҡын асҡысы менән ҙур сылбыр бар ине. Ул – аждаһаны – Иблис-Шайтан тигән ул боронғо йыланды – тотоп алды ла мең йылға сылбырлап ҡуйҙы. Мең йыл үткәнгә тиклем, халыҡтарҙы алдамаһын өсөн, уны упҡынға ташланы, упҡынды бикләп ҡуйҙы һәм өҫтөнә мисәт һалды. Мең йылдан һуң ул аҙ ғына ваҡытҡа азат ителергә тейеш. Унан һуң мин тәхеттәр һәм унда ултырыусыларҙы күрҙем. Уларға хөкөм итергә хоҡуҡ бирелгәйне. Ғайса хаҡында шаһитлыҡ иткәндәре һәм Алла һүҙе өсөн баштары киҫелгән, януарға һәм уның һынына табынмаған, маңлайҙарына һәм ҡулдарына уның тамғаһын һалдырмаған кешеләрҙең йәндәрен күрҙем. Улар үленән терелеп торҙолар ҙа мең йыл буйы Мәсих менән бергә батшалыҡ иттеләр. Үлгәндәрҙең ҡалғандары иһә мең йыл үтмәйенсә терелмәне. Был – беренсе терелеү булды. Беренсе терелеүҙә ҡатнашыусылар – бәхетлеләр һәм изгеләр: икенсе үлемдең улар өҫтөнән хакимлығы юҡ, әммә улар, Алланың һәм Мәсихтең ҡаһиндары булып, мең йыл буйы Мәсих менән бергә батшалыҡ итәсәктәр. Мең йыл үткәс, Иблис үҙ төрмәһенән азат ителер һәм ерҙең һәр мөйөшөндәге халыҡтарҙы, йәғни Гог һәм Магогты алдап, уларҙы һуғышҡа барыр өсөн йыя башлар. Һандары диңгеҙҙәге ҡом бөртөгөндәй күп булыр. Мин уларҙың ер киңлегенә сыҡҡанын һәм изге кешеләр йәшәгән туплам менән яратҡан ҡаланы ҡамап алғанын күрҙем. Әммә күктән ут ҡабынып, уларҙы яндырып бөтөрҙө. Уларҙы алдаған Иблис иһә януар менән ялған пәйғәмбәр ташланылған утлы һәм көкөртлө күлгә ырғытылды. Улар унда мәңгенән-мәңгегә көнө-төнө ғазапланыр. Унан һуң мин ҙур аҡ тәхетте һәм унда Ултырыусыны күрҙем. Уның ҡарашынан ер менән күк ҡасты, уларға урын табылманы. Мин тәхет ҡаршыһында торған үлгәндәрҙе, бөйөк һәм ябай кешеләрҙе күрҙем. Китаптарҙы астылар. Тағы бер китап – тормош китабы – асылды. Китаптарҙа яҙылғанса, үлгәндәр үҙ эштәренә ҡарап хөкөм ителде. Диңгеҙ үҙендә булған үлгәндәрҙе бирҙе. Үлем һәм үлеләр донъяһы ла үҙендә булған үлгәндәрҙе бирҙе. Был үлгән кешеләрҙең һәр береһе үҙ эштәренә ҡарата хөкөм ителде. Шунан һуң үлем һәм үлеләр донъяһы утлы күлгә ырғытылды. Был – икенсе үлем: утлы күл. Исеме тормош китабында табылмаған һәр кем шул утлы күлгә ырғытылды. Шунан һуң мин яңы күкте һәм яңы ерҙе күрҙем, элекке күк һәм элекке ер юҡҡа сыҡҡайны, диңгеҙ ҙә бүтәнсә юҡ ине. Мин, кейәүе өсөн әҙерләнеп биҙәнгән кәләштәй күктән, Алланан төшөүсе изге ҡала – яңы Йәрүсәлимде күрҙем. Шул саҡ тәхеттән килгән көслө тауышты ишеттем. Ул былай тине: – Бына, Алланың кешеләр менән бергә йәшәү урыны. Ул кешеләр менән бергә йәшәйәсәк. Кешеләр Уның халҡы буласаҡ һәм Алла Үҙе улар менән буласаҡ. Алла уларҙың күҙҙәрендәге һәр йәш бөртөгөн һөртәсәк. Үлем дә, ҡайғы-хәсрәт тә, һыҡтау ҙа, ауырыу ҙа башҡаса булмаясаҡ, сөнки элеккеләр үтте инде. Тәхеттә Ултырыусы былай тине: – Бына, Мин бар нәмәне лә яңы итеп яһайым. Шунан миңә өндәште: – Яҙып ҡуй, сөнки был һүҙҙәр ышаныслы һәм хаҡ. Ул миңә тағы былай тине: – Ғәмәлгә ашты! Мин – Альфа һәм Омега, Башы һәм Аҙағы. Мин һыуһағанға тере һыу шишмәһенән бушлай һыу эсерәм. Еңгән кеше бының барыһына ла эйә буласаҡ, һәм Мин уның Аллаһы буласаҡмын, ә ул Минең балам буласаҡ. Әммә ҡурҡаҡтарҙың да, имандан баш тартҡандарҙың да, әшәкеләрҙең дә, кеше үлтереүселәрҙең дә, фәхешлек ҡылыусыларҙың да, сихырсыларҙың да, ялған илаһтарға табыныусыларҙың да, бөтә ялғансыларҙың да өлөшө ут һәм көкөрт ялҡынланып торған күлдә булыр. Был – икенсе үлем. Минең эргәмә һуңғы ете бәлә-ҡаза менән тулы ете туҫтаҡ тотҡан ете фәрештәнең береһе килде лә: – Кил, мин һиңә кәләште, Бәрәстең ҡатынын күрһәтәм, – тине. Мине рух солғап алды, һәм фәрештә үҙемде ҙур һәм бейек тауға күсерҙе. Шунда миңә күктән, Алланан төшөүсе изге Йәрүсәлим ҡалаһын күрһәтте. Ҡала Алла шөһрәтенән балҡып тора ине. Уның балҡышы аҫылташ емелдәүенә, гәлсәрҙәй үтәнән-үтә күренмәле йәшмәгә оҡшағайны. Диуарҙары ҙур һәм бейек, ун ике ҡапҡаһы бар, ҡапҡалары янында ун ике фәрештә тора. Ҡапҡаларында Исраил халҡының ун ике ырыуының исемдәре яҙылған. Көнсығыштан өс ҡапҡа, төньяҡтан өс ҡапҡа, көньяҡтан өс ҡапҡа, көнбайыштан өс ҡапҡа бар. Ҡала диуарының ун ике нигеҙ ташы бар. Ул нигеҙҙәрҙә Бәрәстең ун ике илсеһенең исеме яҙылған. Миңә һөйләгән фәрештәнең ҡаланы, уның ҡапҡаларын, диуарын үлсәр өсөн алтын үлсәү таяғы бар ине. Ҡала тигеҙ яҡлы дүртмөйөш булып урынлашҡан, уның оҙонлоғо ла, киңлеге лә тигеҙ. Фәрештә ҡаланы таяҡ менән үлсәне. Ул ун ике мең стадия булды. Уның оҙонлоғо ла, киңлеге лә, бейеклеге лә бер тигеҙ ине. Фәрештә ҡала диуарын үлсәп сыҡты. Диуар фәрештә ҡулланған кеше үлсәме менән йөҙ ҙә ҡырҡ дүрт аршын булды. Уның диуары йәшмәнән төҙөлгәйне, ә ҡала иһә таҙа, үтә күренмәле быяла һымаҡ саф алтындан ине. Ҡала диуарының нигеҙ ташы төрлө аҫылташтар менән биҙәлгәйне: беренсе нигеҙе – йәшмә, икенсеһе – зәңгәр яҡут, өсөнсөһө – халцедон, дүртенсеһе – зөбәржәт, бишенсеһе – сардоникс, алтынсыһы – сердолик, етенсеһе – хризолит, һигеҙенсеһе – берилл, туғыҙынсыһы – топаз, унынсыһы – хризопраз, ун беренсеһе – гиацинт, ун икенсеһе – аметист. Ун ике ҡапҡа – ун ике ынйы, ҡапҡаларҙың һәр береһе бер ынйынан. Үҙәк урам үтә күренмәле быяла һымаҡ саф алтындан ине. Ҡалала мин Алла йортон күрмәнем, сөнки был ҡаланың Алла йорто – сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Алла Үҙе һәм Бәрәс. Ҡала ҡояштың һәм айҙың яҡтыртыуына мохтаж түгел, сөнки Алланың шөһрәте уны яҡтырта һәм уның яҡтыртҡысы – Бәрәс. Халыҡтар был ҡаланың яҡтыһында йөрөр, ерҙәге батшалар уға үҙҙәренең зиннәтле байлығын килтерер. Ҡаланың ҡапҡалары көндөҙ бикләнмәҫ, ә төн унда булмаҫ. Был ҡалаға халыҡтарҙың зиннәтле хазинаһын, байлығын килтерерҙәр. Ҡалаға һис бер бысраҡлыҡ та, әшәкелек эшләүсе лә, ялғансы ла инмәҫ, унда исемдәре Бәрәстең тормош китабында яҙылғандар ғына инер. Шунан һуң фәрештә миңә Алланың һәм Бәрәстең тәхетенән ағып сыҡҡан, гәлсәр һымаҡ ялтырап торған тере һыу йылғаһын күрһәтте. Ул йылға урамдың уртаһынан аға, йылғаның ике ярында ла йылына ун ике тапҡыр, йәғни ай һайын үҙ емешен биреп торған тормош ағасы бар. Ағас япраҡтары – халыҡтарҙы һауыҡтырыу өсөн. Ҡалала ҡәһәрләнгән бер генә нәмә лә булмаясаҡ, унда Алланың һәм Бәрәстең тәхете торасаҡ, ә Уның ҡолдары Уға хеҙмәт итәсәк. Улар Уның йөҙөн күрәсәктәр, һәм Уның исеме уларҙың маңлайҙарында буласаҡ. Унда төн булмаясаҡ, уларҙың яҡтыртҡыс менән ҡояш яҡтылығына мохтажлыҡтары ла булмаясаҡ, сөнки уларға Раббы Алла яҡтылыҡ бирәсәк. Улар мәңгенән-мәңгегә батшалыҡ итәсәк. Артабан фәрештә миңә былай тине: – Был һүҙҙәр ышаныслы һәм хаҡ. Пәйғәмбәрҙәренә Изге Рух биреүсе Раббы Алла, тиҙҙән ни булырын күрһәтеү өсөн, ҡолдарына Үҙенең фәрештәһен ебәрҙе. «Тиҙҙән Мин киләсәкмен! Был китаптың пәйғәмбәрлек һүҙҙәрен үтәгәндәр бәхетле». Мин, Яхъя, быларҙы күрҙем һәм ишеттем. Ишеткәс һәм күргәс, баш эйер өсөн быларҙы күрһәткән фәрештәнең аяҡтарына йығылдым. Әммә ул миңә былай тине: – Ҡара уны, былай эшләмә! Мин – һинең, пәйғәмбәр имандаштарыңдың һәм был китап һүҙҙәрен тотҡандарҙың хеҙмәттәшемен. Аллаға баш эй! Шунан ул миңә былай тине: – Был китаптың пәйғәмбәрлек һүҙҙәрен мисәт аҫтына йәшермә, сөнки ваҡыт яҡын. Яманлыҡ ҡылыусы үҙ ҡылығын дауам итһен. Боҙоҡ кеше боҙоҡлоҡтар атҡарһын. Тәҡүә кешеләр – хаҡ эштәрен, изгеләр изгелек эшләүен дауам итһен. «Тиҙҙән Мин киләсәкмен. Һәр кемгә үҙ эштәренә ҡарап бирер өсөн әжерҙе Үҙем менән алып килермен. Мин – Альфа һәм Омега, Тәүге һәм Һуңғы, Башы һәм Аҙағы. Үҙенең кейемен йыуғандар бәхетле. Уларҙың тормош ағасынан туҡланырға һәм ҡапҡалар аша ҡалаға инергә хоҡуҡтары булыр. Ә эттәр ҙә, сихырсылар ҙа, фәхешлек ҡылыусылар ҙа, кеше үлтереүселәр ҙә, ялған илаһтарға табыныусылар ҙа, барлыҡ ялғанлыҡ яратыусылар һәм уны ҡылыусылар ҙа тыш яҡта ҡаласаҡ. Мин, Ғайса, былар хаҡында Алла берҙәмлектәренә шаһитлыҡ итер өсөн һеҙгә Үҙемдең фәрештәмде ебәрҙем. Мин – Дауыт тамырынан һәм нәҫеленән үҫеп сыҡҡан Һабаҡ, яҡты таң йондоҙомон». Рух та, кәләш тә: «Кил!» – тиҙәр. Быларҙы ишетеүсе лә: «Кил!» – тип әйтһен. Һыуһаған да килһен, теләгән кеше тере һыуҙы бушлай алһын. Был пәйғәмбәрлек китабының һүҙҙәрен ишетеүсегә шаһитлыҡ ҡылам: әгәр уларға берәйһе берәй нәмә өҫтәһә, Алла ул кешегә был китапта яҙылған бәлә-ҡазаларҙы өҫтәр. Әгәр берәйһе был пәйғәмбәрлек китабы һүҙҙәренең берәйһен төшөрөп ҡалдырһа, Алла был китапта яҙылған тормош ағасынан һәм изге ҡаланан ул кешенең өлөшөн төшөрөп ҡалдырыр. Быларҙың барыһы тураһында шаһитлыҡ Биреүсе былай ти: «Эйе, тиҙҙән киләм». Амин. Эйе, Раббы Ғайса, кил! Раббы Ғайсаның мәрхәмәте барыһы менән булһын.